Рауил Ниғмәтуллин. Рәми ағай яҡҡан усаҡтар

Сверстники и собратья по перу

1964 йылда яҙ иртә килде. Беҙ, фестивалдең үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары еңеүселәре, опера һәм балет театрында йомғаҡлау концерты ҡуябыҙ. Сығыштар алҡыш дауылы менән ҡаршылана, оҙатыла. Шул ташҡын эсендә мин дә сәхнәгә сығып баҫам. «Башҡортостаным минең» шиғырын режиссер өйрәткәнсә түгел, үҙемсә һөйләп, меңәрләгән тамашасы алдында хәтәр ҡылғандай, ситкә ҡасырға йыйынам. Шул мәл ҡулдарыма көслө ҡулдар ҡағыла, йылмайған йылы ҡараш һирпелә:
— Рауил! Шәп сыҡты. Беҙ һине көттөк!..
Башҡаларҙың уға исемләп өндәшеүенән мин был яғымлы, кешенең яратҡан шағиры Рәми Ғарипов икәнлеген төшөнөп алам.
Рәми ағай шахтер-шағир Хөснулла Түләкәйев менән мине лә өйҙәренә алып ҡайтты. Алсаҡ Надя еңгә яһаған сәйҙе шиғырҙар тыңлай-тыңлай эсеү оло байрам булды. Уртаҡ уйҙар, моңдар Рәми ағайҙың фатирына ғына һыйманы, төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Ағиҙел яры өҫтөндәге урманға күсте.
Рәми ағай аҡланда, ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙҙы. Усаҡ янында һөйләшкәндәребеҙҙе, шиғырҙар уҡығанды, йырлашҡанды йондоҙҙар көнләшеп күҙәткән кеүек булды.
Аҙаҡ беҙ ул усаҡлы аҡланда йыш булдыҡ. Рәми ағай унда яҙғы тәүге сәскәләр тапты, ергә ятып тыңлап, үләндәр серләшеүе хаҡында хәбәр итте, һандуғас, кәкүк тауыштарында ниндәй серҙәр барлығы хаҡында һөйләне. Рәми ағайҙың был уйҙарын күптәр шиғырҙары аша белә. Уның был аҡланда «Сыңрау торна»ны, «Каруанһарай»ҙы йырлауы әле лә ҡолаҡта яңғырап торғандай...
1966 йылдың 11 май кисендә шул аҡланда яҡҡан усағыбыҙ тағы ла ҙурыраҡ, тағы ла яҡтыраҡ булды. Рәми ағай дуҫтарымдың тыуған көнөмдө билдәләргә йыйылғанын белгәс, бөтәбеҙҙе лә өйөнә саҡырғайны. Беҙ, өҫтәл янына ғына түгел, ә әйберҙәрен икенсе бүлмәгә күсергән зал иҙәненә лә стена буйлап теҙелеп ултырып көскә һыйыштыҡ. Ашамлыҡтар, эсемлектәр иҙән уртаһына түшәлгән ашъяулыҡтарға теҙелде, тамадалар (беҙҙеңсә саҡыйҙар) ялан аяҡ уртала йөрөй...
Аҙаҡ ҡунаҡтар тағы ла ишәйгәс, әлеге аҡланға сыҡтыҡ. Аҡлан уртаһында тағы ла оло усаҡ яҡтыҡ, усаҡты уратып торған ҡәләмдәштәремдең йырҙары, Надя еңгәнең моңло тауышы, шул уҡ мәлдә тыуған «Елбәгәйҙәр» йыры хәтергә ныҡ уйылды. Рәми ағай яҡҡан усаҡ, моғайын, ул май кисендә бергә булған ҡәләмдәштәрем күңелендә һаман да дөрләйҙер...
...Рәми ағай ҡабыҙған усаҡтар янына йыйылыусылар, унан йылылыҡ алыусылар йылдан-йыл арта барҙы. Рауил Бикбаев, Вафа Әхмәҙиев, Рәшит Шәкүр, Тимер Йосопов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Мәхмүт Уразаев, Сафуан Әлибаев, Хәсән Назаров, Әнисә Таһирова, Венер Йәнбәков, Таңһылыу Ҡарамышева, Мирас Иҙелбаев, Гөлфиә Юнысова, Аҫылғужа Баһуманов, Риф Тойғонов, Факиһа Туғыҙбаева, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Земфира Муллағәлиевалар – тағы исемгә алынмаған бик күп ҡәләмдәштәребеҙ Рәми ағай яҡҡан усаҡтар яҡтыһында әҙәбиәттәге үҙ усаҡтарын дөрләтте.
Башҡорт дәүләт университетының әҙәби түңәрәге Рәми ағайҙың йоғонтоһо менән иң оло рухи усаҡ булып дөрләне (ул саҡта түңәрәк тип кенә аталды, яңғырауыҡлы исемдәр йөрөтмәне). Әммә ул башҡа уҡыу йорттарындағы әҙәби түңәрәктәр эшенә лә йән өрҙө, уҡыу йорттарында, райондарҙа әҙәбиәт кисәләре, байрамдары, көндәре үткәрҙе. Өс редколлегия сиратлашып «Йәш көстәр» исемле стена ҙурлыҡ гәзит сығарҙы, республикала милли рухты һаҡлаусы, яҡлаусы үҙәк булды. Рәми ағай уның күп яҡлы эштәренең төп рухландырыусыһы ине. 1967 йылда Стәрлетамаҡтағы, 1967 йылда Ишембай районындағы әҙәбиәт көндәрендә Рәми ағай бигерәк тә ихлас ҡатнашты.
Рәми ағай аҡландарҙағы усаҡтарҙы ла, күңелдәрҙәге шиғриәт, намыҫ, выждан, халыҡ яҙмышы өсөн көрәш усаҡтарын да ләүкетеп ебәреүсе ине. Ул саҡта ҡулына башлап ҡәләм алыусылар ҙа ҡулъяҙмаларын тәүҙә Рәми ағай хөкөмөнә алып баралар ине. Ул яҙмалар тиҙ арала уҡыла, оҡшағандарына плюс тамғаһы ҡуйыла. Әммә Рәми ағай өлгөрмәгән шиғырҙарға бер тамға ла ҡуйманы. Һиҙгер автор ҡулъяҙманы ҡайтанан эшләргә кәрәклекте ошонан үҙе аңлай ине.
Рәми ағай үҙенең камил ижады, тәржемәләре, егәрлелеге, таланты менән башҡорт шиғриәтенең дә, йәштәр ижадының да йылдам үҫеүенә туранан-тура йоғонто яһаны. Йоғонто кисәләрҙә, кухня-коридорҙарҙа һөйләшеүҙәр аша ғына түгел, халыҡ менән осрашыуҙа, алдынғы ҡарашлы төрлө һөнәр кешеләр менән аралашыуҙа ла, түңәрәк, секция ултырыштарында ла, ҡулъяҙмалар менән эшләгәндә лә барҙы. Ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлағас, башлап яҙыусылар ҙа, быуындары ултырып килгәндәр ҙә һөрлөгөшөп көндөҙ ҙә, кис тә уның янына йыйылыр булды. Хәҙер уйлап ҡараһаң, Рәми ағай ул саҡта үҙ аллы әҙәби консультант та, төрлө әҙәби түңәрәктәр етәксеһе лә, бер үҙе йәш ижадсылар менән эшләү буйынса комиссия ла, әҙәбиәтте пропагандалау бүлеге лә, Яҙыусылар союзы ла, әҙәбиәтселәр мәктәбе лә, башҡорт халыҡ үҙәге лә булған икән! Шуға күрә лә ул саҡтағы етәкселәр, идеология әһелдәре Рәми ағай эшмәкәрлегенең, ижадының халыҡтың күҙен асыуынан, уны үҫтереүенән, рухын күтәреүенән шөрләп, уның халыҡ менән бәйләнешен, матбуғатта сығыуын сикләү өсөн барыһын эшләгән. Байтаҡ ҡәләмдәштәре лә был йөрөмтәл, егәрле, халыҡ араһында абруйы үҫә барған маһир шағирға аяҡ салырға маташҡандар. Әммә Рәми ағай алтмышынсы, етмешенсе йылдарҙа күпселек яҙыусылар, бигерәк тә халыҡ тарафынан оло ихтирам ҡаҙанған, – ә ҡайһы берәүҙәр хәтерләүенсә, меҫкенлеккә ҡалған, кәмһетелгән түгел! – талантлы эшмәкәр булып танылды. Ул йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналы Рәми ағайҙың ялҡынлы сығыштары яҡҡан усаҡтары менән йәш әҙиптәрҙең рухын үҫтерҙе. Халыҡ яҙмышы өсөн янырға, халыҡ рухын күтәрер әҫәрҙәр яҙырға дәртләндерҙе. «Башҡортмон» тип әйткән кеше – милләтсе, «Туған тел» шиғырын һөйләүсе – милләтселекте яҡлаусы, тип иҫәпләнгән бер саҡта Рәми ағай: «Батшаларға баш бирмәгән башҡорт башҡаларға ғына баш эймәҫ!» – тип, халыҡтың милли аңын уятты. Рәми ағай ул саҡта башҡорт халҡының берҙән-бер рухи етәксеһе лә, ысын халыҡ шағиры ла булды.
Рәми ағай бик күптәребеҙҙең усаҡтарына ут өҫтәр, елбәгәйҙәрҙе бергә ҡаршылап йырлашыр әмәл тапты. Тик беҙ генә усаҡтар ҡабыҙып башҡаларға йылылыҡ, яҡтылыҡ өләшкән ағайыбыҙҙың үҙенең йылылыҡҡа ла, яҡшылыҡҡа ла мохтаж саҡтарын аңлап етмәгәнбеҙ...
...Бер көндө «Педагогия йәмғиәте»ндә эшләгән Надя еңгәнең йөҙө һөмһөрөләнгәнен күрҙем. Уның һүҙҙәренән Рәми ағайҙың, «милләтселеккә» һуҡтырғаны өсөн, үҙе ойошторған «Башҡортостан ҡыҙы»нан сығарылғанын белдем. Кәйефем төштө, күңелде бошонҡолоҡ биләне. Әммә уны башҡаларға һиҙҙертмәҫкә тырыштым. Шул саҡта Рәми ағай мин эшләп йөрөгән Милли мәктәптәр институтына балҡып килеп ингәс, ауыр кисерештәремде йәшерергә тырыштым. Рәми ағай менән Надя еңгәне ауыр уйҙарҙан арындырыу ниәтендә, хеҙмәттәшем Рәшит ағай менән бергә «Ағиҙел» ҡунаҡханаһындағы үҙем йәшәгән бүлмәгә саҡырҙым. Ҡәҙимгесә шиғыр, йыр, башҡорт арҙаҡлылары, Мәскәүҙәге фекерҙәштәр тураһында һөйләштек. Бергәләшеп тағы «Елбәгәй-ҙәр»ҙе, «Сыңрау торна»ны, «Каруанһарай»ҙы йырлаштыҡ, инквизиция хаҡында бер һүҙ ҙә лә иҫкә төшөрмәнек. Күңелдәрҙә ҡара уйлы хакимдарҙар һалған юшҡындарҙың эҙе лә ҡалманы кеүек ине...
Ҡалманы кеүек ине генә булған шул. Ике ай ярым ваҡыт та үтмәне, Әбйәлил районында командировкала сағымда, Рәми ағайҙың был донъянан киткәнлеген ишеттем. Дөм ҡараңғы ҡалған донъяла яңғыҙым, берәүгә лә ишеттермәҫкә тырышып, һыҡтап-һыҡтап иланым...
...Хәҙер мин Рәми ағайҙың 45 йыллыҡ ғүмерен бөтөнләй икенсе сифатта күрәм. Ул өҙлөкһөҙ көсәйә, ипкене менән үҙ иштәрен ҡабыҙа торған, халҡын ҡара көстәрҙән ҡурсалаусы тиңһеҙ усаҡ булған, шундай уҡ усаҡ булып һаман да дөрләй.
Уның ижады тиҫтәләгән томлыҡ. Моғайын, улар бер нисә томлыҡ иң юғары кимәлдәге шиғыр, бер нисә томлыҡ донъя шиғриәте өлгөләре, бер нисә том роман, пьеса, көндәлектәр, хаттар булып үҙ халҡына мәңгелеккә ҡайтыр көн килер...
Рәми ағайҙың 45 йыллыҡ ғүмере йөҙәр йыл йәшәгәндәрҙән күберәк яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, өмөт өләшә, изге эштәре халҡыбыҙҙың изге рухында, милли хәрәкәтендә күтәрелә, үҫә бара!

Рауил Ниғмәтуллин,
шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре