Вил Ғүмәров. Һүҙе йәшәй илендә

Сверстники и собратья по перу

Тышта Яңы йыл бураны ыжғыра. Нәҡ хәтирәләр яҙа торған саҡ. Өҫтәүенә, Рәми ағай Ғарипов минең күңел дәфтәренең иң яҡты сәхифәләре булып ҡала. Был пафос та, поза ла түгел, ысынлап та шулай. Тик был яҙмаларға бик оҙаҡ тотона алмай йөрөнөм, сөнки хәтирәләр яҙыу ифрат ауыр шөғөл, ни өсөн тигәндә, унда һинең һәр һүҙең генә түгел, ә һәр хәрефең тоғро булырға тейеш. Хәтирәләр яҙыу иһә ялҡынлы, илһамлы ижад түгел икән шул, ә тарих өсөн башҡарыла торған ауыр вә михнәтле хеҙмәт.
Бәғзе берәүҙәр үҙҙәренең исемдәрен тарихҡа керетеп ҡалдырыу өсөн яҙаларҙыр, тик был юлдар, ант итеп әйтәм, фәҡәт күңел ҡушыуы буйынса ғына теркәлде.
1975 йылдың ҡышында төньяҡ тарафтарҙа йәшәү тамам ялыҡтырҙы. Ул саҡта мин, мосафир егет, Мурман әлкәһенең Кировск ҡалаһында экскаваторҙар, быраулау станоктары, шахта ҡорамалдары һәм бүтән төрлө тау техникаһын көйләп маташа инем. Тирә-яҡта – ҡотоп балҡышы, бейек тауҙар, оҙон аҡса һәм алты айға һуҙылған дөм ҡараңғы поляр төн. Шул ҡараңғылыҡта гел араҡы эсеү, кино ҡарау һәм китап уҡыу ялҡытҡас, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән шиғырҙар яҙырға тотондом. Ахырҙа, ошо ҡотоп төнөндә яҙылған шиғырҙарымды йыйнап алып, Өфөгә, Рауил Бикбаевҡа оҙаттым. Тиҙ арала Рауил ағайҙан яуап хаты килеп етте: «Ҡайт, әҙәбиәт институтына индерәбеҙ». Дәртле саҡта оҙаҡ уйламайһың, отпуск алып ҡайтып та төштөм.
Өфө! Май баштары, көндәр йылы, ҡоро, йәй кеүек. Байрамдар ваҡыты ла бит инде. Кеҫәлә ике меңләп аҡса, ул саҡта дөйә дағалатһаң да етерлек байлыҡ. Ә Өфөлә мин әле таныш булмаған бөйөк заттар – шағир халҡы.
Ҡайтып төшөү менән минең ҡырҙа шунда уҡ алдынғы фекерле, хөр ҡарашлы һәм илһамлы ижадлы бик йылдам төркөм хасил булды. Исемдәрен һанап тормайым, улар бөгөн бөтәһе лә тиерлек әҙәбиәтебеҙ илә мәҙәниәтебеҙҙең алтын, көмөш вә еҙ бағаналары. Маҡтанаһы килмәй, ләкин шәп геүләттек донъяны ул көндәрҙә; ашханалар, кафелар, баҡсалар, скверҙар, фатирҙар – ҡайҙарҙа ғына булманы беҙҙең шешәләр. Бокалдар сыңлай, барыһы ла шиғыр уҡый, мин дә ҡыҫылып китәм, маҡтаған булалар һәм дә байрам дауам итә. Шул хәмери-шиғри мәхшәр араһында шиғырҙарым менән фәҡәт бер кеше генә ҡыҙыҡһына ине. Беҙ шиғриәтте ҙурлап илһамлы тостар әйтәбеҙ, ә ул минең сейле-бешеле шиғри әҫәрҙәремде ипкә һалып, уларҙы руссаға юлға-юл тәржемә итә, йәғни «подстрочник» яһай. Шиғыр бәсенең туҡһан проценты нәҡ тәржемә иткәндә юғалып ҡала тиҙәр, шуға ла юлға-юл тәржемә уңышлы сыҡһын өсөн, ике телде камил белеүҙән тыш, ул телдәрҙең поэтик системаһын яҡшы үҙләштереү мотлаҡ. Ана шул шаулы көндәрҙә Рәми ағай шиғри ижадымдың 450 юлын руссаға ауҙарҙы. Ижади конкурс өсөн нәҡ шунса юл кәрәк ине, өҫтәүенә, минең бүтән шиғырҙарым да юҡ ине, бар яҙғаным да шул күләмдән артмағайны әле.
Шул бөтмәҫ-төкәнмәҫ байрам осоронда Рәми ағай менән табында ике тапҡыр ултырҙыҡ. Тәүге ҡат Ғафури паркында арҙаҡлы шағирҙарҙың йылы ғына компанияһы менән. Унда гел аҡ араҡы ине, шуныһы ла хәтерҙә ныҡ ҡалған: Рәми ағай араҡыны ныҡ еңел-етди эсә, һыу кеүек йота ла ҡуя ине, һәм һис ҡасан иҫермәҫ ине үҙе. Һаулығы ҡайһылай яҡшы, тип һоҡланғайным шул саҡта. Тик кем белгән уны, йөрәктең дә туҙа торғанлығын. Ана шул саҡта ҡайһылыр бер ағайҙың: «Араҡы эсеп тә иҫермәгән әҙәм – бөйөк кеше ул», – тигәне хәтерҙә. Икенсе ҡат инде сәй табыны ғына булды, шағирҙың фатирында. Рәми ағай икмәккә ҡалын итеп май яғып бирҙе лә, ысынлы-уйынлы итеп, хәҙерге көндә ир-егеттең төп ризығы ит-ҡалъя түгел ул, ә май; аша, ҡуҫтағайны, аша, эсең ныҡ булыр, тип ҡыҫтап алғайны.
Икенсе аҙнала беҙҙең күңел асыу бригадаһының сафтары һирәгәйҙе. Ағай-эне эштәрен иҫтәренә төшөрөп, вазифаларына ҡайта башланы. Мин иһә бик сая шағир бер ағай менән генә тороп ҡалдым, сөнки ул өгөт-нәсихәткә ҡарамай, бүтәнсә ҡаҙна эшенә ҡайтып тормай, ирекле ижадты даими кәсеп итергә ҡарар итте. Һәм ул хаталанманы, хәҙер ул күп жанрҙарҙа шөһрәт ҡаҙанған абруйлы әҙип. Исемен дә әйтәйем – Ғәзим Шафиҡов.
Байрамдан бушай төшкәс, Рәми ағай менән шиғыр подстрочниктарын бергә ҡарап, ғөмүмән, әҙәбиәт хаҡында ныҡлап әңгәмәләшә башланыҡ. Ана шул саҡта ғына мин шағир тормошо, ҡайһы бер яңы таныштарымдыҡы һымаҡ, көн дә байрам, көн дә туй түгел икәнлегенә инандым. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов өсөн әҙәбиәт – эш тә, хатта ижад та түгел, ә яҙмыш ине. Бына күпме тырышып ҡарайым, әммә Рәми ағайҙы бүтән һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Рәми Ғариповтың әҙәбиәт донъяһында әйтеп бөткөһөҙ маһир икәнлегенә ышаныр өсөн, шағирҙың кабинетында ғына түгел, ә осраҡлы баҡса эскәмйәһендә лә бер ултырып һөйләшеү ҙә етә ине.
Йәшермәйем, ана шул араҡы-шарап яҙғы йырғанаҡтай гөрләп аҡҡан көндәрҙә, форсат табып, Рәми ағай менән аралашҡан дәүерҙәр әҙәбиәткә ҡарата зауығымды билдәләне һәм иң-зиһенемде генә түгел, ә бөтә интеллекттың ойошоуына йүнәлеш бирҙе.
Рәми ағай йөҙөндә Башҡорт дәүләт университеты һәләк мәғлүмәтле профессорҙы ла юғалтты, буғай. Әгәр ҙә ул донъя әҙәбиәте тарихының теләгән бер өлөшөн уҡыһа ла, студенттар тәрән, системалы белем алыуҙан тыш, әйтеп бөтөргөһөҙ рухи ләззәт тә кисерерҙәр ине. Мәҫәлән, минең менән бер-ике сәғәт һөйләшкәндә ул боронғо юнан (грек) менән Рим әҙәби ҡомартҡыларын һанап китте, бөгөнгө көн әҙәбиәтенә килеп тоташҡан ифрат фәһемле байҡау үткәрҙе. Күпме йыл үтте, ә Рәми ағай ауыҙынан яңғыраған исемдәр, атамалар һаман да ҡолаҡ төбөмдә яңғырай: Эсхил, Гомер, Авеста, Гораций, Овидий, Сапфо, Библия, Махабхарата, Катулл, Рудаки, Фирдәүси, Хафиз, Шекспир, Кальдерон, Петрарка, Данте, Ли Бо, Ду Фу, Вийон, Верлен, Бодлер, Шелли, Байрон, Гофман, Гете, Пушкин, Тютчев, Бунин, Блок, Лорка, Неруда, Уитмен һәм тағы ла тиҫтә-тиҫтә исемдәр.
Бында Ғүмәр Хәйәм, Сергей Есенин, Назим Хикмәт исемдәрен атаманым, сөнки ул шағирҙарҙың һәр береһенә Рәми Ғариповтың булған мөнәсәбәте хаҡында айырым мәҡәлә генә түгел, ә ғилми монография ла яҙырлыҡтыр. Шағирҙың шәхси китапханаһы ла библиографик тикшеренеүгә лайыҡ, сөнки кәштәләрҙә бер генә лә осраҡлы китап юҡ ине. Китаптар тик уҡылып ҡына сығылмаған, уларҙың һәр береһе өҫтөндә шағир фекере эшләгән, сөнки күп биттәр ҡәләм менән башынан осонаса һыҙғыланып, яҙылып бөткән. Бына мин кәштәнән ҡулыма Жозе Мариа де Эредианың «Трофейҙар» тигән китабын алам. «Ниндәй ғәжәп хазина тупланған бында! – ти, йәнәшәмдә торған Рәми ағай, – үткән быуаттың француз «парнассылары» араһында ла Эрдиа айырылып торған шағир. Ошо юлдарға иғтибар ит әле...» Һәм ул китапты асып үҙенә оҡшаған юлдарҙы уҡый башлай.
Аҙаҡтан миңә бер аҙ Рәми Ғариповтың архивында ла эшләргә тура килде. Шул саҡта шағирҙың эш культураһының ниндәй юғары кимәлдә торғанына иҫем китте. Һәр шиғыр үҙ урынында, айырым папкала, йә блокнотҡа, ҡупшы почерк менән күсереп ҡуйылған, һәр әҫәр генә түгел, хатта ҡараламалар ҙа идеаль тәртипкә һалынған. Шағир архивының шул ҡәҙәре камил рәүештә ҡалдырылыуы уның был донъя менән һәр минутта хушлашыу ихтималлығын йөрәге менән һиҙемләнеүенән түгелме икән? Ысынлап та, Рәми Ғариповтың ни ҡәҙәре оло күләмдәге һәм емешле хеҙмәт башҡарғанын ана шул ҙур архивта һаҡланған ҡулъяҙмаларҙы тотошлай барлағас ҡына белеп буласаҡ.
Урыҡ-һурыҡ ҡына осрашҡан бер аҙна араһында ла мин Рәми ағайҙың шәхесенең ни ҡәҙәре сикһеҙ киң, төрлө яҡтан бай һәм кешелекле икәнлеген төшөнөп өлгөрҙөм, сөнки уның күңеле лә, зиһене лә халҡы, дуҫтары, фекерҙәштәре өсөн һәр саҡ асыҡ ине. Ул йәшен дә, ҡартын да, бер ҡәҙәре тиң күреп, ихтирам итә лә белде. Ә бит шул йылдарҙа ялағайлыҡ, ҡуштанлыҡ йәмғиәтебеҙҙә аралашыу нормаһына тамам инеп бөтөп бара ине лә баһа.
Әҙәбиәт институтының ижади конкурсына ҡулъяҙмаларҙы ҡабул итеү 15 май көнө менән сикләнгәйне. Шуға ла Яҙыусылар союзы тарафынан йүнәлтелгән тағы 5 – 6 ҡәләмдәшемдең әҫәрҙәрен алдым да, 14 майҙа Мәскәү самолетына сыҡтым. Көтмәгәндә Рәми ағай мине аэропортҡа ҡәҙәр оҙатырға булды. Автобуста артҡы тәҙрәгә һырығып барабыҙ, бына Ағиҙел күперен үттек, шағир үҙенең йәшлеге, хәҙер үҙенең Мәскәүҙә эшләгән ҡәләмдәше Әхиәр Хәкимов хаҡында һөйләп килә. Тик ул ҡапыл һүҙҙе икенсегә бора:
— Ә бына ошо киң сәхрәлә боронғо замандан алып бөтә Башҡорт йыйынын үткәрә торған булғандар. Күҙ алдына килтерәһеңме ошо Чиснәкәү яланында меңәрләгән кеше йыйылғанын, йөҙәрләгән тирмәләр ҡороп, һанһыҙ ҡаҙандар аҫылғанын? Арғымаҡтар сабышҡан, батырҙар алышҡан, ҡурай моңо яңғыраған. Йыйын...
Барып еткәнсе тәьҫирләнгән Рәми ағай үҙенең бер йөрәк тарихын да һөйләп алды. Тик ул серҙе мин әле лә аса алмайым, сөнки шағир мөхәббәте ниндәй генә булмаһын – ул илаһи күренеш, изге тойғо.
Аэропорт залында самолетҡа үтер алдынан Рәми ағай мине ҡыҫып ҡосаҡланы ла: «Уҡырға инәсәгеңә иманым камил. Тик белемеңдең ҡәҙерен белһәң ине», – тине. Институтҡа инеү үҙе бер тарих булды, ләкин Рәми ағайҙың юрауы, барыбер раҫҡа сыҡты. Әлбиттә, уның имтихандарҙы нисек тапшырыу тураһында әйткән кәңәштәре һәм уның яһап биргән подстрочниктары был осраҡта хәл иткес роль уйнаны.
Ниһайәт, мин дә – әҙәбиәт институты студенты! Рәми ағай шыршылар ултыртҡан скверҙы ҡыҙырам, ул баҫып үткән баҫҡыстарҙан күтәреләм, ул атлаған коридорҙарҙан атлайым. Ике ҡатлы һары институт бинаһы нәҡ ул тасуирлағанса ыҡсым, ыҫпай булып сыҡты. Уның ҙур булмаған аудиторияларында студент Ғарипов һабаҡ алған байтаҡ профессорҙар беҙгә лә лекция уҡый башланы. Әйтәйек, француз әҙәбиәте тарихын һаман Валентина Дынник һөйләй ине, ә ул әбей, Рәми ағай әйтеүе буйынса, Есенин менән ҡатнашып йөрөгән шағирә булған икән.
Подвалда бәләкәй, ләкин ифрат бай институт китапханаһы урынлашҡан. Моғайын, мин Рәми ағай тотҡан китаптарҙы ла асҡанмындыр, сөнки һирәк йыйынтыҡтарҙы, боронғо томдарҙы уларҙың быуыны ла, беҙ ҙә сиратлап уҡый торғайныҡ. Ә бит беҙҙең уҡыуҙар араһында сирек быуат ваҡыт ята. Ул илленсе йылда, генералиссимус Сталин заманында уҡый башлаған, мин иһә – маршал Брежнев хакимлыҡ иткән осорҙоң студенты. Мауығып, Рәми ағайға хат яҙырға ашыҡманым. Аҙағыраҡ ижади кризис башланды – көн һайын программа буйынса ла, иптәштәреңдекен дә – йөҙәрләгән шиғыр уҡыйһың, ә үҙеңдең ижадың бармай, якорҙа тора. Шуға күрә лә мин Рәми ағайға Мәскәүҙән бер-ике һәм әһәмиәте бик булмаған хаттар ғына ебәрҙем.
Тәүге курсты уңышлы тамамлап ҡайтҡас, Рәми ағайға ижади отчет рәүешендәрәк типтер инде, һөйөү тураһында яҙылған поэма тип йөрөткән әҫәремде уҡырға йыйындым. Үҙемә күрә һәләк ҡупшы, шыма әҫәр тип һанай инем. Эш, ни сәбәптәндер, йәйҙең бер томра кисендә, Матбуғат йортоноң бер кабинетында бара. Икәүҙән-икәүбеҙ. Әҫәрҙе Рәми ағай күҙ ҙә йоммайынса, өнһөҙ тыңлап сыҡҡас, минең күҙҙе лә астыртмай тетергә тотоноп китмәһенме – әҫәр тигәнемдән бер нимә лә ҡалдырманы. Миңә, әлбиттә, поэмам йәл, тик уны ҡурсалап ҡалыр өсөн бер йүнле дәлил таба алманым. Тәнҡитте шаҡтай ишетергә тура килде, ләкин Рәми ағай ойошторған «мунса» үҙенең ҡатылығы менән дә, ғәҙеллеге менән дә айырылып тора шул. Ахыры, ул поэмамды бер ҡайҙа ла сығарманым, ә Рәми ағай үҙенең шиғриәтте шундай камил анализлай алыуы менән тағы ла бер көнләштереп ҡуйҙы.
Эйе, был юлы Рәми ағайҙың ҡарашы ҡырҡа үҙгәргәйне, әгәр ҙә элгәре йыл ул мине, йәш шағирҙы, йомшаҡ мөғәмәләһе, илтифатлығы, ихласлығы менән арбаһа, быйыл иһә шиғыр семинары шәкертенә талапты ҡырҡа күтәргәйне. Хәҙер ул мине әҙәбиәт цехының өйрәнсеге итеп ҡабул итте. Һәм йәштәргә илке-һалҡылыҡ һис ярамаған нәмә икәнлеген тиҙ төшөндөрҙө, талапты бик юғары шкалаға мендерҙе. Шунда тағы ла мин шиғриәт, майҙан йә сәхнә байрамы, илһам ләззәте һәм дә алҡыштар вә сәскәләр сағылышы ғына түгел, ә баструктағы һымаҡ баш күтәрмәҫлек ауыр көндәлек хеҙмәт икәнлегенә йәнә бер ҡат инандым. Һаман да ҡолаҡтарымда Рәми ағайҙың ошо һүҙҙәре сыңлай:
— Мин уҡығанда өс-дүрт семинарға бер юлы йөрөргә тырыштым. Шағирҙарға ла, прозаиктарға ла. Әйтәйек, мәшһүр Паустовский етәкселегендәге семинарҙар, әҙәби студиялар ғына түгел, ә кешелек һабаҡтары ла ине. Беҙҙең заманда, беҙҙең ерлектә кеше булып ҡалыр өсөн ни бары ҡоро намыҫ ҡына етмәй. Ана шул намыҫыңды ҡурсалай алырлыҡ ныҡлы белемең, рухи байлығың, сая егетлегең булмаһа, һине тапап үтеп китәсәктәр...
Рәми ағайҙың тормошо еңел булмауы Башҡортостанда бөтәһенә лә мәғлүм. Ләкин ул һис ҡасан да мәртәбәһен төшөрмәҫ, остоҡ та зарланмаҫ ине. Уның хаҡында таратылған ҡайһы бер имеш-мимештәрҙә Рәми Ғарипов ас, фәҡир йөрөнө, тигән уйҙырма ла юҡ түгел. Эйе, шағир бай, мул йәшәмәне, ә гел ғорур йөрөнө. Шағирҙарса, донъяның ваҡ-төйәк мәшәҡәтенә лә иҫе китеп барманы. Шул уҡ ваҡытта ул көндәлек ығы-зығынан ваз кискән суфый шағир ҙа түгел ине. Кәрәк сағында ул сәсәндәрсә, сая һәм йомарт та була ала ине.
Икенсе курста уҡығанымда декабрь айында СССР Яҙыусылары союзының Переделкинолағы ижад йортона Рәми ағайҙың эшләргә килгәнен ишеттек. Беҙ Әмир Әминев менән, ике әҙәбиәт шәкерте, остаз янына юл тоттоҡ. Ә Переделкино ауылы Рәми Ғариповтың йәшлеге күрке, сөнки ул уҡыған дәүерҙә Әҙәбиәт институтының студенттары бындағы яҙыусыларҙың дачаларында йәшәгән. Рәми ағай ана шул дәүерҙәге барса совет классиктарын күреп йөрөгән бит. Һәм бына ул ҡабат Мәскәү ерендә, йәшлек эҙҙәре ҡалған урындарҙа.
Переделкинола ижад йортон уратып алған баҡсала беҙ бер юлы өс яҡташты осраттыҡ: Әсғәт Мирзаһитов, Ғайса Хөсәйенов һәм дә Рәми Ғарипов. Улар өс баһадир һымаҡ беҙгә ҡаршы килә. Ҡыштың ҡараңғы кисендә һүрән фонарҙар ҡар көрттәрен шәмәхә төҫөнә буяп яҡтырта. Әсғәт ағай үҙенең Мәскәүҙә уҡыған йылдарын хәтерләй һәм һүҙ ошо Переделкинола йәшәгән мәшһүр Борис Пастернак яҙмышына күсте. Мөһабәт кәүҙәле Әсғәт Мирзаһитов ҡапыл нәфрәтләнеп:
— Ҡәбәхәттәр, ниндәй шағирҙы һәләк иттеләр! Нисек ҡулдары күтәрелде икән?.. – тине.
Шул саҡ ирекһеҙҙән уйлап та ҡуйҙым: «Их, Әсғәт ағай, КПСС Үҙәк комитеты алдында ярамһаҡланып, Борис Пастернакты «Доктор Живаго» романы яҙғаны өсөн ғәйепләп, СССР Яҙыусылар союзы идараһы дөйөм йыйылыштар үткәргәне өсөн йәнең әсей, ә бына хәҙер һинең менән йәнәш атлаған һәм үҙ тыуған тупрағыңда оҙаҡ йылдар буйы өлкә комитеты тарафынан аяуһыҙ, яуыз рәүештә эҙәрлекләнгән Рәми Ғариповтың хәлен күрмәйһегеҙ, ә һеҙ ҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе бит». Тик хәҙер шуны ла әйтергә кәрәк, Әсғәт ағай барыбер егет булып сыҡты, һәм ғүмер буйы Рәми Ғариповтың рухын иҙергә, ижадын юҡҡа сығарырға, шағир шәхесен мыҫҡылларға тырышҡан һәм һөҙөмтәлә таланттың башына етеүселәрҙе ҡолатыуҙа Мирзаһитовтың ҡаты позицияһы ифрат мөһим роль уйнаны...
Икенсе ҡат килгәнемдә, Рәми ағай менән ижад йортоноң ашханаһына индек һәм унда рус телендә яҙған билдәле үзбәк прозаигы Тимур Пулатов менән таныштым. Элекке таныштар, фекерҙәштәр, ике төрки әҙибе бер-береһен һәләк оҫта төрттөрөп, бик ҡыҙыҡ итеп, оҙаҡ мәрәкәләшеп торҙолар. Тыштан ҡарағанда бик ябай Тимур Пулатов та Үзбәкстанда төрлө интригалар ҡорбаны булып йөрөп алғайны. Шуға ла ҡыпсаҡ тамырынан сыҡҡан ике диссидентҡа уртаҡ һүҙ табыуы бер нимә лә түгел ине. Шул мәлдә, нәҡ шул Шәреҡтә генә мөмкин булған нескә фекерле, фәлсәфәүи дәлилле һәм мәғәнәүи бәҫе ифрат тос булған бәхәс-һүҙ көрәштереүгә Рәми ағай нисек маһир икәнлеген күрҙем. Кем белгән инде был кис остаз менән һуңғы осрашыу булғанын.
Шағир һәм хаким. Поэт и царь. Был бөтә донъяла киң таралған тормош сюжеты. Фирдәүси һәм Мәхмүт Ғәзнәүи. Пушкин һәм Николай. Олжас Сөләймәнов һәм Динмөхәммәт Ҡунаев. Әлбиттә, шағирҙың бөйөклөгөн, уның ил һәм милләт өсөн булған әһәмиәтен аңлар өсөн, хакимдар ҙа бик башлы булырға тейеш. Тик әллә ни аңламаған тиһеңме, Шакиров һәм уның ҡуштандары Рәми Ғариповтың бөйөклөгөн? Аңлағандар, белгәндәр, юҡҡа ғына өлкә комитетының беренсе секретары ғалим-филолог ғаиләһендә тәрбиәләнмәгән бит. Тик иң сәйере шул – шәхестең ни ҡәҙәре оло талант икәнлеген аңлап та, аңлы рәүештә уны юҡ итергә ынтылыу. Гүйә, илгә дан кәрәкмәй.
Ләкин уның хаиндары, дошмандары шағирҙың ғорурлығын һындырырлыҡ көс тапманы һәм ирекле ижадын да туҡтата алманы. Әлбиттә, шағир өсөн иң ауыр яза – уның әҫәрҙәрен баҫмау, халыҡҡа еткермәү, әммә һис бер ниндәй өлкә комитеты, һис бер ниндәй чиновник Рәми ағайҙың ҡәләмен һындыра алманы.
Рәми Ғариповтың эске азатлығын, рух иркен аңлау кимәленә әле беҙ бөгөн дә өлгәшмәгәнбеҙ, буғай. Шағирҙы лагерға ла оҙатманылар, төрмәгә лә япманылар, уға иректә зиндан ойошторҙолар. Ләкин уның илһамын ситлеккә бикләү мөмкин түгел ине. Әгәр ҙә Рәми ағайҙы ысын лагерға ултыртһалар ҙа, ул үҙенә хас бөхтәлек менән папирос ҡаптарынан, төрлө осраҡлы ҡағыҙҙарҙан ҡуйын дәфтәре тегеп алып, ижадын дауам итер ине. Салауат Юлаев рухын да Рогервик зиндандары һындыра алмаған. Милли батырыбыҙ образы шағирға ғүмер тынғы бирмәне, сөнки уларҙың яҙмыштарында уртаҡ бер һыҙат – ҡаҡшамаҫ рух бар ине. Ғөмүмән, ҡаҡшамаҫ рух башҡорт халҡының төп һыҙаты булған, әммә Рәсәй, Совет, йәнә Рәсәй империалистарының аяуһыҙ иҙеүе арҡаһында халҡыбыҙҙа был сифат аҙыраҡ юғала төштө. Ләкин Рәми Ғариповтың ялҡынлы ижады был хаҡта яҡташтарының иҫенә төшөрҙө. Шағирға ҡарата башҡорт халҡының һүнмәҫ һөйөүенең нигеҙе бына ҡайҙа ята. Шуның өсөн дә Рәми Ғарипов, рәсми рәүештә танылмаһа ла, асылда, күптән Башҡорт Халыҡ шағиры булды.
Шағир иманһыҙ партократтар өсөн генә ҡурҡыныс түгел ине, ул күп кенә ҡәләмдәштәре өсөн дә хәүефле шәхес ине. Бер һөйләшкәндә ул былай тине: «Мәшһүр яҙыусы Андрей Платонов, урындағы йәиһә өлкә кимәлендәге әҙәбиәт булмай ул, йә донъя әҙәбиәте була, йә әҙәбиәт бөтөнләй булмай, тип әйткән. Шуға ла БАССР әҙәбиәте юҡ, беҙҙә лә бөтөн донъя әҙәбиәтенең бер өлөшө булырлыҡ, башҡорт әҙәбиәте булырға тейеш. Әгәр ҙә ул әҙәбиәт шул кимәлгә лайыҡ түгел икән, уны юҡ тип һанайыҡ». Бындай ҡаты принцип ҡайһы бер «беҙҙең башҡортҡа бата ул», тип яҙышҡан уртаҡул шағирҙарға, прозаиктарға ҡарата бик уҫал приговор ине. Минеңсә, уның девизы ни бары өс һүҙҙән торғандыр: «Ижад. Талап. Кимәл». Һәм нәҡ ошо критерийҙан сығып ул донъя әҙәбиәтенең сәхифәләрендә ҡалырлыҡ шиғырҙар ижад итте лә. Хатта уның донъя һәм рус әҙәбиәтенең классик өлгөләрен тәржемә итеүгә мөрәжәғәте лә, шиғри ҡәләмен шымартыу өсөн генә түгел, ә фәҡәт үҙ ижади кимәленең донъя әҙәбиәте талаптарына теүәл яуап биргәнлеген аңлағандан килә бит. Ижади архивтың идеаль тәртиптә, бөхтә итеп ойошторолоуы ла – шул тойғоноң сағылышы.
Әллә шуға ла инде, Рәми ағай эшһеҙ, аҡсаһыҙ йәшәгән саҡтарында ла Башҡортостандың иң мәғрур, арҙаҡлы шағирҙары Мостай Кәрим, Назар Нәжми менән бер ҡатарҙан баһаланды. Уның был абруйы, мәртәбәһе тик ижад кимәленең камиллығы ғына түгел, ә уның көн һайын үҙен һигеҙәр-унар сәғәткә эш өҫтәленә сынйырлып бәйләп эшләй алғанын белгәндәренән дә килә ине.
Тик шуныһы ла раҫ: ҡайһы бер әҙиптәр менән йылдар буйы аралашып, табындаш булаһың, ә улар ни һиңә, ни ижадыңа бер нисек тә тәьҫир итмәй, ни рухи донъяңды ишәйттермәй, үтеп киткән көн кеүек онотола ла ҡуя. Ә бына Рәми ағай менән булған осрашыуҙар, әңгәмәләр, уның кәңәштәре һис тә оноторлоҡ түгел. Уның хаҡындағы йәдкәр күңелемдәге бер бөтөн ҡая, русса әйткәндә, глыба кеүек айырым һаҡлана.
Күптәнән уйлаған бер фекерем – шағирлыҡ ул һәләт кенә түгел, ә сәхнә һөнәре лә. Шуға ла беҙҙең арала шағир була алмағандар бар, шағир була белгәндәр бар. Ә Рәми Ғарипов була алманы ла, белмәне лә, ул шағир булып тыуҙы һәм йәшәне. Ниндәй генә хәтәр егет булыуына ҡарамаҫтан, шиғриәттән театр яһап маташманы, сөнки шиғриәт – ул уның һауаһы ине. Шул уҡ ваҡытта һис тә тәкәбберлек шауҡымы, йондоҙ ауырыуҙары менән сирләмәне, әммә юғары ябайлыҡтан да бер семтем дә аҫҡа төшмәне.
Рәми ағайҙың вафат булғанын мин Мәскәүҙә ишеттем. Тәүге фекер: бөтә нәмәне емерә һуғып – аэропортҡа! Ләкин быуындарым йомшарып төштө лә ҡуйҙы. Күҙҙәремдән бөртөк-бөртөк йәш сыҡмаһа ла, йөрәгем әйткеһеҙ һыҡрай ине. Әҙәбиәтебеҙҙең ни ҡәҙәр оло юғалтыуға тарығанын бик теүәл аңлай инем. Башҡорт шиғриәтенең йондоҙо һүнде, тип әйтһәк тә ғәҙел. Ләкин башҡорт әҙәбиәтенең намыҫы һүнде, тиһәк, тағы ла тоғрораҡ яңғыраясаҡ. Эйе, хәҙер, Рәми ағай тере булмағас, бәғзе бер шағирҙарға яһалма, бушаҡ юлдарҙан оялмаҫҡа ла була. Һәм был юрауым раҫҡа ла сыҡты, шалтырауыҡ шиғырҙар күбәйҙе, ижадка талап та түбәнәйҙе, шиғриәт һайыҡҡан булып сыҡты...
Урамда һыҙғырған буран да туҡтаны. Көн йылына төштө. Тәҙрә аша ҡаршы йорттарҙағы һары уттарҙы күҙәтәм. Урамда ҡыш, йөрәктә һағыш, һәм күкрәкте тырнап шуны әйткем килә: ниндәй егеттәр булған беҙҙең араларҙа, ниндәй шағирҙар! Их!

Вил Ғүмәров,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы