Сафуан Әлибаев. «Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта...»

Сверстники и собратья по перу

Рәми Ғарипов... Был исем хәҙер халҡыбыҙҙың теленән төшмәй. Һөйөндөрә лә ул, көйөндөрә лә. Һөйөнөсө шул – халҡыбыҙ ысын мәғәнәһендә үҙ шағирын ҡәҙерләй, ололай. Тыуыуына 60 йыл тулыр алдынан Рәми Ғариповҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде. Асылда, былай ҙа халыҡ шағиры ине инде ул, һәм был исемде уға халҡыбыҙ үҙе даулашып, яулашып алып бирҙе. Ошо көндәрҙә уның һайланма әҫәрҙәре лә донъя күрәсәк. Көйөнөслө тигәнем шунан: үҙе иҫән сағында шағир һәр китабын күпме ыҙа сигеп сығара ине, беҙҙең аранан бик иртә китеүенә лә ун биш йыл булып килә. Ләкин шағирҙы «беҙҙең аранан китте» тип әйтергә бер кемдең дә теле бармаҫ. Билдәләүемсә, ун биш йылға яҡын ваҡыт үтеп китте, ә Рәми Ғариповтың яңы (быға хәтлем бер ҡайҙа ла сыҡмаған) әҫәрҙәре баҫылып килә. Ул беҙҙең менән йәшәй, һаман ижад итә төҫлө. Күрәһең, ысын шағир шулай булырға тейештер ҙә...
Рәми ағай хаҡында күптәнән бирле хәтирәләр яҙырға уҡталдым. Ләкин ҡайһы ваҡиғаларҙы ғына иҫләһәм дә, тере ҡуҙға тотонғандай, туҡтап ҡалам. Ысынмы-бушмы, замананы һүк, түрәләрҙе битәрлә һәм... шулар араһында шағирҙы буташтыр. Ҡайһылай анһат. Ә асылда уҡып сыҡҡан минутында уҡ онотола ундай хәтирәләр, сөнки хәтерләрлек ере юҡ, сөнки иҫкә алырлыҡ бер ваҡиға, замананың ысын йөҙө, Рәми ағайҙың раҫ ҡына холоҡ-фиғеле, ғөмүмән, шағирҙың үҙе юҡ. Ә, асылда, заманаһын күпме генә һүкһәк тә, шағирҙы заман тыуҙыра. Ҡалайтаһың?! Аҙаҡтан ҡылыс болғап ҡына бер хәл дә ҡылып булмай. Есенин һәм Маяковский яҙмышын уйлап ҡарағыҙ?..
Рәми ағай хаҡында, ысынлап та, әйтер, яҙыр һүҙҙәрем күп. Мин район гәзите редакцияһында эшләп йөрөгән сағымда уның менән тыуған яғыбыҙ – Салауат ерҙәрендә лә күп тапҡырҙар осрашып торҙоҡ. Һуңғараҡ Өфөлә лә көн һайын тиерлек күрешеп-һөйләшеп, аралашып йәшәнек. Әммә бөгөн минең оҙон-оҙаҡҡа һуҙып, һеҙҙе йонсотоп ташларға уйым юҡ. Рәми ағай менән күп тапҡыр осрашыуҙарҙан һуң, уның ҡайһы бер һыҙаттарына ғына туҡталып китәһем килә.
Өфөләге башҡорт интернат-мәктәбенең ул саҡтағы уҡыусылары яҡшы хәтерләй: Рәми ағайҙы (ошо ваҡытта ул бөтәһенә лә, хатта, ағай ҙа булмағандыр) «бабай» тип йөрөткәндәр, унан кесерәктәре лә, тиңдәштәре лә. Ни өсөн? Рәми ағай, нисектер, үҙ йәшендәгеләргә хас булмағанса, сабыр уй-фекерле, өлкәндәргә генә оҡшаш хис-фиғелле булырға тырышҡандыр. Уның хыял офоҡтары мәктәп стеналарына ғына һыйып бөтмәгәндер һымаҡ. Бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, һәр нәмәлә ныҡышмалылыҡ уны шағир иткәндер ҙә. 9-сы класта уҡып йөрөгәнендә, улар Дон далаларына сәйәхәткә юллана – данлы Шайморатов дивизияһы юлдары буйлап үтергә. Рәми ағай уның башынан аҙағына хәтлем көндәлектәрен алып бара, сәйәхәттең картаһыҙмаларын да яһай. Шулай була инде ул үҙ йәштәштәре араһында йөрөгән «бабай». Көндәлек юлдары һирәкләп булһа ла шиғырҙар менән аралаша килә. Ошо холҡо, ғәҙәте уны ғүмере буйы оҙата барҙы. Был сәйәхәттәр бит ер-һыу күреп кенә ҡайтыу түгел, ә халҡыңдың данлы улдарының тарихи юлдары буйлап үтеү – тимәк, үҙ тамырҙарыңдың һыуынмаҫ тибешен тойоу, тойоу ғына ла түгел, – уларҙы һыуындырмау. Быныһын мин атаҡлы шағирыбыҙҙың тәүге аманаты итеп ҡабул итәм.
Икенсе аманаты ла уның тәүгеһенә эҙмә-эҙ бәйле. Рәми ағайҙың эш бүлмәһендә Башҡортостан картаһы эленеп тора ине. Ул ғәҙәттәге генә һыҙмаланған ҡағыҙ киҫәге түгел. Был картала шағир үҙенең ҡасан, ҡайһы ерҙәрҙә булғанын билдәләп барған. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарында уҡ каникул һайын республикабыҙ ауылдары буйлап сәйәхәткә сығып киткән. Үҙенә бирелгән ял ваҡыттарын да әрәм итмәй, халыҡтың тормошон, уның ғөрөф-ғәҙәтен, быуаттар буйы ялғана килгән ауыҙ-тел ижадын һүҙмә-һүҙ яҙып алып өйрәнә йөрөгән. Ана шулай үҙенең күңеленә лә «бал ҡортондай ынйы йыямын» тип шиғри гәрәбәләрҙе йыя килгән. Халыҡтың йыр-моңдарын өҙлөкһөҙ өйрәнеү аша был фани донъяла үҙ халҡың өсөн йәшәүҙең бөйөклөгөн аңлатҡан.
Ә бит был фани донъя – быуындарға быуындар ялғана килһә генә матур. Рәми ағай үҙенең ҡыҙын – Гөлнараны айырыуса ныҡ ярата ине. Бәлки, тәүге ике балалары малай булғанға ла шулай тойолғандыр. Саҡ ҡына буш ваҡыты тура килһә, Гөлнараны ул елкәһенә атландырып йөрөтөр ине.
Балалар өсөн, тип атап ҡына шиғырҙар яҙмаһа ла, Гөлнара өсөн шиғри һүҙҙәр таба ине:

Ҡар яуғас,
Ҡыш булғас,
Бар ағас Яланғас,

тип һамаҡлап ебәрһә, ҡыҙы ла ҡабатлап ҡуйыр ине. Ә үҙҙәренең һуңғы торған йорттары янындағы урманға йөрөргә сыҡҡанда, Рәми ағай Гөлнараға русса ла шиғыр сығарып әйтер ине:

Опята, опята –
Веселые ребята.
Где вы растете? –
Ищут вас тети.

Урманға сыҡҡан бер көн иҫтә. Яҙҙың уянған сағы. Рәми ағай ергә һуҙылып төшөп ятты ла:
— Егеттәр, әйҙәгеҙ әле, үлән шытҡанын тыңлайыҡ, – тине. Беҙ аптырап ҡалдыҡ, ләкин ағай әйткәс, һуҙылып төшөп, көҙҙән һаҡланған ҡыу япраҡтарға ҡолаҡтарҙы терәп яттыҡ. Баҡһаң (тыңла ғына!), ҡыу япраҡтарҙы ҡыштырҙатып, йәш үләндәр ҡалҡа икән!.. Шунда уҡ ағайҙың «Тағы ла бер яҙҙы ҡаршы алһам, тәгәрәһәм йәшел үләнгә...» тигән юлдары иҫкә төштө, һәм беҙгә тағы ла шағирҙың онотолмаҫ аманаты булып ишетелде: һәр ҡыяҡтың, һәр япраҡтың тауыш-өнөн ишетһәң генә, һин беҙҙе солғап алған тәбиғәтте, тоташ ерҙе ярата алаһың.
Рәми ағай ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы ине. Халҡым өсөн ул таңға ҡарап талпыныусы яҙғы япраҡҡа ҡунған ысыҡ бөртөгө кеүек кенә булды. Уның хаҡында уйлағанда, ирекһеҙҙән «Шағир» (Туҡай ҡәбере эргәһендә уйланыу) тигән әҫәре иҫкә төшә. Әйтерһең дә, шағир үҙ яҙмышын да төҫмөрләгән, һиҙемләгән һәм һуңғы аманатын да әйткән: «Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта, белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..» Ә был һүҙҙәр һәр кемгә, үҙебеҙ иҫән саҡта, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, тип тә аңлашылһа икән!

Сафуан Әлибаев,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты