Лариса Ситдиҡова. Рәми Ғарипов – журналист

Сверстники и собратья по перу

«Әҙәбиәттә ташҡын хистәр, тәрән фекерҙәр, көслө характерҙар йәшәргә тейеш. Һүнер-һүнмәҫ хис менән, булыр-булмаҫ фекер менән ысын әҫәр тыуҙырып булмай», – тип яҙа «ҡуйын дәфтәрендә» ғалим Ғ. Хөсәйенов. Ысынлап та, был юлдар менән килешмәй булмай. Үҙ замандаштарына сабыр холҡо, әҫәрҙәрендәге ташҡын хистәре, тәрән, философик фекерҙәре менән таныш булған шағир Рәми Ғариповты киләсәк быуын да, бөгөнгө быуын кеүек үк, шулай күҙ алдына баҫтырыр.
«Совет Башҡортостаны»нда корректор булып хеҙмәт юлын башлаған йәш шағир, бер ни тиклем эшләгәндән һуң, бүлеккә әҙәби хеҙмәткәр итеп күсерелә. Бына ошонда ул үҙенең гәзит эшсеһе булараҡ тырышлығын күрһәтә лә инде. Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең маҡсаты итеп ул, күрәһең, яңы исемдәр асыу, сәнғәт үҫешен күҙәтеүҙе ҡуйғандыр. Сөнки был ваҡытта «Совет Башҡортостаны»нда бәләкәй генә ижади мәктәп барлыҡҡа килгән тип әйтергә лә була.
Аҙаҡ ул «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында дауам иткәндер, моғайын. Рәми Ғарипов ҡәләм тирбәтеүсе йәштәрҙе эҙләп табып, өмөтлөләренең шиғри шәлкемдәрен матбуғат битенә алып сығырға ярҙам иткән. Ул район гәзите биттәрендә шиғыр булып тора алырҙай ижад емеше генә түгел, ә бер юл, бер фекер, яңылыҡ тапһа ла, ҡыуанып, йәш автор менән бәйләнешкә инеп, артабанғы уңышын күҙ алдынан ысҡындырмаҫҡа тырышҡан. Йәғни ул авторҙар менән эшләгән, бәйләнешен өҙмәгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған журналда эшләй башлағансы, шағир 1959 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. «Йүрүҙән» колхозында һәм «Һарғамыш» совхозында комскомитет секретары булып эшләй. Ошо мәлдәрҙә булмышынан шиғриәте айырылғыһыҙ Рәми Ғарипов ижади кризис кисергән. М. Кәрим «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ындағы Рәмигә арналғанында бына ниндәй юлдар яҙа: «Уйың менән осоп ҡына түгел, аяҡтарың менән атлап йышыраҡ ҡайт һин Йүрүҙән буйҙарына. Таңда тороп ысыҡлы үләндән ялан аяҡ йүгер. Дымы тәнеңә һеңһен. Томан эсендә ойоп ултырған ҡайындарҙы йырлап уят. Уларҙы, эргәләрендә имәндәр көнләшерлек итеп, ҡыҫып ҡосаҡла. Кирелеп бесән сап, кәбән ҡой. Ҡыштарын көрт йырып урманға бар, ағас ҡырҡ, Йүрүҙәндең йөҙөн тишеп, һыу эс, ярһыу атта эйәрһеҙ атланып, далаға сап. Донъя тураһында – кешелеклелек, ялғанлыҡ, яҡшылыҡ, һөйөү, нәфрәт, намыҫ, дөрөҫлөк, түбәнлек, матурлыҡ, хыял тураһында һиңә беренсе төшөнсә биргән кешеләрҙе күр».
«Был ҡайтыу ялға йәки командировкаға ҡайтыу ғына булманы. Шағир үҙ яҙмышының һәм халыҡ яҙмышының асылын, тәрән тамырҙарын барланы, тормоштоң мәғәнәһен дә, ерҙәге һәр биҙәкте лә яңыса күрергә, яңыса аңларға өйрәнде... Ул, колхоздағы етешһеҙлектәрҙе фашлап, сатирик молниялар сығарҙы, конкрет кешеләр хаҡында уҫал-уҫал шиғырҙар яҙҙы, һүрәттәрен дә үҙе төшөрҙө. Йыйылыштарҙа ла һәр саҡ тураһын әйтеп һөйләне, етәкселәр менән бәхәсләште. Ҡара таңдан тороп баҫыуҙан баҫыуға һыбай елдерҙе, яҡташтары менән бергә сәсеүҙә йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе – ҡыҫҡаһы, игенсенең һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре менән йәшәне», – ти уның тыуған яғындағы эштәре хаҡында Рауил Бикбаев. Ысынлап та, шағир унда һис кенә лә тик ятмай.
«Ҡармаҡ», «Сәнске» кеүек стена гәзиттәрен сығарыуҙан тыш, Рәми Ғарипов яңы ауыл тормошон өйрәнә.
Эйе, Рәмигә ауыл тормошон китаптарҙан уҡып өйрәнергә түгел. Ул бәләкәйҙән үк әсәһе менән бергә иген игеп, бесән сабып үҫкән егет. Һуғыш ваҡытында әсәһен Салауат районының комбайны тип йөрөтәләр. 1942 йылда ул ураҡ ваҡытында бер үҙе ун һигеҙ гектар ерҙең игенен урып ала һәм район ҡатындары араһында беренсе булып хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнә. Ул «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы була. Бер көндө мәктәптә түшенә миҙал таҡҡан малайҙы күреп, балалар һырып алған. Ул малай беҙҙең киләсәктәге ҙур шағир Рәми Ғарипов була.
Рәмиҙән бер ҡыҙ баланың: «Һин нишләп әсәйеңдең миҙалын тағып йөрөйһөң?» – тигән һорауына ул ҙур ғорурлыҡ менән: «Әсәйем был миҙалдың яртыһы, балам, һинеке. Һин бит мин урған игенде көлтәләргә бәйләргә, өйҙә ҡалһаң, иркәләреңде ҡарап торорға ярҙам иттең, тине. Шулай булғас, мин дә уны тағып йөрөргә хаҡлы», – тип яуап бирҙе», – тип хәтерләй ауылдаш дуҫы Әкрәм Закиров.
«Тәүге ҡарлуғас» очергы Салауат исемендәге колхоздан яҙылған. Тәүге юлдарҙан автор уҡыусыны йәлеп итеп, үҙенең ҡыҙыҡһыныу ын йәшермәй, былай ти: «Күреп сыҡмай булмай, мин әйтәм, ниндәй икән һуң ул Сиражев тигәндәре?» Өйөн эҙләп тапҡас, шағир ишек алдында моңһоу ғына баҫып торған бер егет менән осраша. Артабанғы һүрәтләүҙәрҙә беҙҙең алға тәбиғәт йәнле, мал йәнле ауыл егете күҙ алдына баҫа. Ул – Марс Сиражев. Ул – тәүге ҡарлуғас. Ул – һауынсы. Салауат районында тәү башлап һыйыр һауған егет. Ғарипов уның ҡатын-ҡыҙ эшенә тотоноуын ҙур егетлек тип һанай. Тик егеткә армияға китергә икән, шуға күрә ул бер ни ҡәҙәр моңһоу торған, күрәһең.
«Һәр эштең бар үҙ шиғриәте» тип яҙған үҙенең бер шиғырында Рәми Ғарипов. Марс Сиражевтың бер нәмәгә ҡарамай ошо эш менән шөғөлләнеүен үҙ хеҙмәтенең шиғриәтен тапҡан тип әйтергә була.
Ғариповтың геройҙарына ихласлыҡ хас. Ул нәфрәтләнгәндә лә ихлас нәфрәтләнәсәк. Улар тәбиғи һыҙаттарға эйә. Яһалма түгел. Шағир менән бергә эшләгән өлкән әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова шағирҙың балаларса ихлас, бер ҡатлы булыуын айырыуса уға ныҡ хас сифаттар, тип билдәләй. Рәми үҙе: «Күңелендә ошо ҡабатланмаҫ балалыҡ хистәрен ғүмергә һаҡлай алған кеше, бер генә юл шиғыр яҙмаған хәлдә лә, һәр саҡ шағир булып ҡала», – тип юҡҡа яҙмаҫ ине.
Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтергә була: «Рәми Ғарипов – журналист» тигән донъя бай һәм ҡыҙыҡлы. Ул – заман рухын сағылдырған, көнүҙәк проблемаларға яҙылған очерктарҙан, йөрәкте ярып ингән сығыштарҙан, сатирик шиғырҙарҙан торған ижад емештәре баҡсаһы. Уның журналист хеҙмәттәре бай йөкмәткеле, уҡымлы булыуы, халыҡсан телдә ижад ителеүе менән һоҡландыра. Улар араһында бигерәк тә очерктар күп. Ә очерк – журналистың өлгөргәнлегенең иң төп билдәһе.

Лариса Ситдиҡова,
Өфө ҡалаһы
1998 йыл, 14 март