Рафиҡ Сәлмәнов. Беҙҙең ижади дуҫлыҡ

Близкие и земляки

Рәми менән 1951 йылдың икенсе яртыһында, Мәскәүҙә, ул Әҙәбиәт институтында уҡый башлаған ваҡытында, таныштым. Бергә уҡыған иптәше Даһи Бабичев менән, күрәһең, электән ишеткән булғандарҙыр, консерваторияға килеп, мине эҙләп таптылар. Мөмкинселек булғанда, консерваторияның бәләкәй йә ҙур залына, ҡайһы ваҡытта опера студияһына пропускылар алып, концерттарға бара инек, опералар ҡарай торғайныҡ. Опера студияһына консерваторияның юғары курстарында уҡыған, буласаҡ солистар, студенттар хоры һәм оркестры күнекмә үтеү ниәте менән ойошторолған әлеге спектаклдәргә кереп тыңлап ултырыу тотҡарлыҡлы булмай торғайны. Күренекле педагогтар, үҙ эштәренең оҫталары етәкселегендә әҙерләнгән был сығыштар тейешле кимәлдә, ҙур талапсанлыҡ менән башҡарылыр ине. Шуға күрә Рәми ҙә, Даһи ҙа кисәнән бик риза булып, ҡәнәғәтләнеп, мең рәхмәт әйтеп ҡайтып китә инеләр.
Бер ваҡыт уларҙы ҡатыным Роза Зариповна менән дә таныштырҙым. Уның Мәсетле районынан икәнен белгәс тә, Рәми: «Ә мин Салауат районынан. Былай булғас, беҙ икебеҙ ҙә бер яҡтан, күрше райондарҙан икәнбеҙ, – тине. – Шулай ҙа мин Рафиҡ ағайҙы электән, радио аша булһа ла, белгәнлектән, уны ағай тип, ә һеҙҙе еңгә тип йөрөтөрмөн. Һеҙ быға ҡаршы түгелһегеҙме?» – тип һораны. Ыңғай яуап алғас, шул көндән алып улар мине Рафиҡ ағай, ә ҡатынымды Роза еңгәй тип йөрөтә башланы.
1952 йылдың яҙы. Ауырлы ҡатыным һуңғы көндәрен йөрөй. Рәми менән Даһи (улар, күрәһең, яҡын дуҫтар ҙа булғандыр) буш ваҡыттарында консерваторияға килеп, мине табып, еңгәйҙең хәле нисек тип һорашып тора. Беренсе май көнө улар тағы ла килеп, байрам менән ҡотлап, утыҙынсы апрель беҙҙең улыбыҙ донъяға килеүен белеп киттеләр. Ә 2 майҙа торт өҫтөнә Салауат исемен яҙҙыртып, уны больницаға алып барып, еңгәләренә тапшырҙылар. Рәми: «Быйыл беҙҙең милли батырыбыҙ, шағирыбыҙ Салауат Юлаевҡа 200 йыл. Халыҡтар араһында мәңгелек ҙур дан алған шәхестең юбилейы хөрмәтенә беҙ Даһи менән уйлашып, уның исемен һеҙҙең улығыҙға ҡушырға тәҡдим итәбеҙ. Зинһар ҡаршы килмәгеҙ», – тине. Ҡатыным һәм улым больницанан сыҡҡас та, беҙ бергәләшеп, студенттарса бәләкәй генә исем туйы үткәреп, улыбыҙға Салауат исеме ҡуштыҡ. Рәми менән Даһи әсәһенә лә, улына ла һаулыҡ теләп, үҙҙәренең теләктәренә ирешеп, ҡәнәғәт булып ҡайтып киттеләр. Был осорҙа беҙҙең арала ижади дуҫлыҡ тураһында, бергәләп берәй йыр яҙыу хаҡында әле һүҙ барманы. 1953 йыл беҙ ҡатыным менән Мәскәүҙән бөтөнләй ҡайттыҡ. Рәми менән Даһи уҡыуын дауам итеп ҡалды. Ләкин улар икеһе лә йә бергә, йә айырым-айырым Өфөгә каникулға ҡайтҡандарында беҙҙә йыш ҡына була торғайнылар.
1954 йыл йәйге каникул ваҡытында, шикелле, беҙҙең фатирға Даһи Бабичев килеп керҙе лә: «Рафиҡ ағай, радио аша һеҙҙең скрипка һәм фортепиано өсөн яҙған вальсығыҙҙы тыңланым, ул миңә шул тиклем оҡшаны, мин был әҫәрҙә йәшлек һәм яҙ образдарын күҙ алдыма килтерҙем. Һәм шунда уҡ «Яҙғы йыр» тигән шиғыр яҙҙым. Бына ул, – тип уҡып та сыҡты. – Әгәр ҡаршы килмәһәгеҙ, ул көйҙө йырға өйләндерәйек. Килешмәгән урындары булһа, мин һүҙҙәр өҫтөндә күпме кәрәк, шул тиклем эшләргә риза, – тине. Музыка менән уйнап, йырлап ҡарағандан һуң, шунда уҡ бергәләп бер-ике генә урынын үҙгәртеп, яңынан эшләнек тә «Яҙғы йыр»ҙың һүҙҙәре әҙер ҙә булды. Мин Даһиға, уның радионан бер тапҡыр ғына ишетеп тә, әҙер музыкаға яраҡлаштырып шундай матур һүҙҙәр яҙыуын хуплап, уның һиҙгерлек һәм ишетеү мөмкинлегенең ҙур булыуын әйттем. Беҙ киләсәктә лә бергәләп йырҙар, романстар, хор әҫәрҙәре яҙырға, ижади дуҫлыҡты артабан нығытырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Ләкин Даһи менән минең был һуңғы күрешеүем булған икән. Ул Мәскәүгә пароходта барғанында фажиғәле яҙмыш менән беҙҙе ҡалдырып китте. Һуңынан Рәми менән күреп һөйләшкәндә уның Даһи дуҫын юғалтыуға ни тиклем өҙгөләнеп, был хәлде бик тә ауыр кисергәнен белдем. Рәми Даһиҙың үҙенсәлекле матур шиғырҙары булыуы, хатта бер пьеса ла яҙып бөткәнлеге тураһында, уның һоҡланырлыҡ, тоғро дуҫ булыуы хаҡында әрнеп һөйләне. Ә Даһи Бабичев яҙған һүҙҙәр менән «Яҙғы йыр» әле лә яңғырай.
1955 йылда Мәскәүҙән уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, күп тә ваҡыт үтмәне, бер көн иртә менән беҙҙең фатирға Рәми килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашты ла сисенеп тә тормай, түргә лә үтмәй, ишек төбөнән: «Рафиҡ ағай, мин һине алып китергә килдем. Әйҙә, кейен дә тиҙерәк киттек», – ти. Мин: «Ҡайҙа шулай мине ашығыс алып барырға уйлайһың?» – тигәс, «Киноға. Бына билет алынған», – тине. Минең йәнә аптырап: «Ул ниндәй иртәнге сәғәт туғыҙҙа киноға барыу?» – тип һорауыма, «Ҡалғанын юлда һөйләрмен», – тип яуапланы. Беҙ ашығып сығып киттек. Мин, былай булғас, бының берәй хикмәте барҙыр, тип уйлаһам да, төпсөнөп торманым. «Родина» кинотеатрына юл яҡын булыу сәбәпле, күп һөйләшә алманыҡ. Ул бары тик түбәндәгеләрҙе генә хәбәр итеп өлгөрҙө: «Мин Мәскәүҙән ҡайтыр алдынан Англия сығарған «Мост Ватерлоо» тигән бер нәфис фильм ҡарағайным, ул бында, Өфөгә лә, килеп еткән. Хәҙер беҙ шул киноны ҡараясаҡбыҙ. Зәһәр шәп фильм! Ул миңә шул тиклем оҡшаны. Уны ҡарағандан һуң бер нисә көн тыныслана алмай, йоҡлай алмай йөрөнөм». Мин шаяртып: «Хәҙер минең дә тыныслығымды боҙмаҡсы булаһыңмы?» – тип һораным.
— Белмәйем, һиңә ул нисек тәьҫир итер?.. Әммә һин уның музыкаһына нығыраҡ иғтибар ит, – тине.
Беҙ кинотеатрға килеп инеп, кино ҡарай башланыҡ. Уртаһынараҡ еткәс, Рәми миңә әкрен генә: «Хәҙер шәп музыка башлана», – тип шыбырланы. Диҡҡәт менән ҡарайым һәм музыкаһын тыңлайым. Ысынлап та, фильм бик һәйбәт эшләнгән, тетрәткес урындары ла бар. Ә музыкаһы урыны-урыны менән шул тиклем ныҡ тәьҫир итә, уны былай ғына әйтеп еткереп булмай. Фильм бөтөп тышҡа сыҡҡас та, Рәми: «Йә, нисек, оҡшанымы?» – тип һораны. Мин бындай яҡшы фильм күрһәтергә саҡырғаны өсөн уға рәхмәтемде белдерҙем. Ә Рәми: «Мине тыңлап, шундай ҡәҙерле сәғәттәреңде әрәм итеп килгәнең өсөн үҙеңә рәхмәт!» – тине. Шунан һуң: «Музыкаһы оҡшанымы?» – тип һораны. Мин ыңғай яуап биргәс, «Мин ул фильмды Мәскәүҙә ҡарағас та, уның тәьҫире менән бер шиғыр яҙыу уйы тыуҙы. Мин уны байтаҡ ваҡыт күңелемдә йөрөттөм. Шунан бер нисә вариант эшләп ҡараным һәм эшләп бөттөм. Бөгөн фильмды ҡайтанан ҡарағас, яҙылғаны менән ҡәнәғәт ҡалдым. Бына ул», – тип «Хушлашыу» исемле шиғырын миңә бирҙе лә, «Ошо кинола яңғыраған музыкаға яҡыныраҡ булған тойғолар менән йыр яҙһаң, бик шәп булыр ине», – тине. Мин шиғырҙы уҡып сыҡҡас, кинола булған киҫкен ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, ундағы сюжет менән музыка араһындағы тәбиғи бәйләнеште, үҫеште, бер-береһен байыҡтырып, көсәйтеп, кешегә тағы ла нығыраҡ тәьҫир итеүен аңланым. Мин йыр яҙырға риза булдым. Һуңынан һәр кем үҙ юлы менән китте. Шул минуттан мин ошо шиғри юлдар йөкмәткеһе менән йәшәй башланым. Рәми һымаҡ, мин дә тыныслығымды юғалттым. Йоҡонан яҙҙым. Ә музыка образы минең эргәмдә генә йөрөгән һымаҡ. Йырҙың куплеты дүрт кенә юллыҡ. Бында иркен атлап, тартҡылап-һуҙғылап булмай. Шул ҡыҫҡа ғына строфа эсенә ингән йөкмәткене шулай уҡ аныҡ һәм образды кәүҙәләндергән, йөкмәткеле музыка (көй) менән ҡушырға кәрәк. Был бурыс минең өсөн үтә лә яуаплы булды. Шулай ҙа, ныҡыша торғас, музыканың дөйөм һыҙығы табылды кеүек. Уны бөтә белем, техника, оҫталыҡ алымдары менән тулыландырып, йырҙың көйөн камиллаштырып эшләп бөткәс, Рәмигә шылтыратып, күрешеп, уға уйнап һәм йырлап та күрһәттем. Рәми: «Минең өмөтөмдө, ышанысымды 200 процентҡа үтәгәнһең, Рафиҡ ағай. Һиңә ҙур рәхмәт! Минең һүҙҙәремә тәүге тапҡыр музыка яңғырай. Мин сикһеҙ шатмын. Был беренсе уңышлы ижади дуҫлыҡты билдәләп тә китергә кәрәк», – тине. Шулай итеп, беҙ был йыр-романстың тыуыуын яҡындағы кафеға кереп, әйтелгәнсә, билдәләп тә сыҡтыҡ. Йырҙың яҙмышы бәхетле булды. Ул Хөсәйен Мәжитов башҡарыуында тиҫтә йылдар буйына концерттарҙа, радио, телевидение аша ишетелеп тора. Халыҡ һорауы буйынса йыш ҡабатлана, пластинкала яҙылып сығарылды, нәшриәттә баҫылды. Әйтеп китергә кәрәк, был йырҙың һүҙҙәре 1958 йылда Рәмиҙең «Таш сәскә» китабында сыҡты, ләкин унда исеме «Һуңғы осрашыу» тип ҡуйылған.
1957 йылда Рәмиҙең үҙ ҡулы менән яҙып биргән шиғырына балалар өсөн «Сыйырсыҡ» тигән йыр яҙҙым. Ул да уңышлы ғына килеп сыҡты, 1958 йылда Өфөлә, ә 1959 йылда Мәскәүҙә «Музгиз» нәшриәтендә, Советтар Союзының 40 йыллығына арналған «Балалар йырҙары антологияһында баҫылып сыҡты.
Рәми йырға яңғырашлы шиғырҙарын, китапта баҫылып сыҡҡанын көтмәйенсә, айырым ҡағыҙ битенә яҙып, миңә бирә торғайны. Шулар иҫәбенә 1958 йылда яҙылған «Дан һиңә, дан, Башҡортостан» һәм «Онотмайым» (романс) тигән әҫәрҙәрҙе индерергә була. Был ике әҫәр ҙә, бигерәк тә Һуңғыһы, уңышлы булды. Ул классик формала яҙылғайны. Рәми уны тыңлағандан һуң: «Мин башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен ҙур иғтибар менән тыңлап барам, ләкин ошондай ҡатмарлы, ҙур формала яҙылған романсты әле ишеткәнем юҡ ине. Тимәк, был жанрҙа әлеге әҫәрҙе тәүгеләрҙән тип әйтергә булалыр», – тине. Мин уны дөрөҫләгәс, Рәми: «Миңә бик тә оҡшай. Ниндәй тәбиғи үҫеш. Бай образ. Бөтөнлөк. Һине ысын күңелдән ҡотлайым, Рафиҡ ағай!» – тине. Әлбиттә, был һүҙҙәр Рәмиҙең ҡатмарлы музыканы аңлауын, образдарҙың тәбиғи үҫешенә дөрөҫ баһа бирә белеүен күрһәтә ине. Ул романс шулай уҡ Рәмиҙең «Таш сәскә» китабында «Хыялымда яңғыҙ елкән булып...» тигән исем менән баҫылып сыҡҡан. Бындай әҫәр, шулай уҡ үрҙә әйтелгән «Хушлашыу» романсы ла, ябай йырҙар кеүек, халыҡ араһында киң таралып йырлана торған йырҙар түгел. Уларҙы тик юғары кимәлдәге профессиональ йырсылар ғына башҡара ала. Ундай әҫәрҙәр иҫкермәй, ғүмерҙәре лә мәңгелек тип әйтергә була. Мәҫәлән, «Онотмайым» романсы филармония солисы Венер Мостафин башҡарыуында Ленинградта минең ижадыма арналған авторлыҡ пластинкаһында яҙылып сыҡты. Йырсының әйтеүенсә, был романс башҡарыусының бөтә булған мөмкинлектәрен, ҙур оҫталығын талап итә. «Уны конкурстарҙа башҡарыу отошло», – тигән баһа бирә йырсы. Был романс минең 1963 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Туған, моңдар» исемле беренсе авторлыҡ йыйынтығыма ингән. Шулай итеп, илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында мин Рәми һүҙҙәренә дүрт йыр ижад иттем.
1959 йылда, бер күрешеп һөйләшеп йөрөгәндән һуң, Рәмиҙең торған фатирына барҙыҡ. Улар ҡатыны Надя ханым менән Фрунзе урамында бер йорттоң ҡулайлы булмаған сарҙағында торалар ине. Оҙаҡ ҡына сәй эсеп һөйләшеп ултырғанда Рәмиҙең Салауат районына, тыуған ауылына ҡайтырға теләгәнен белдем. Ул ҡарарҙың маҡсатын һорағас, Рәми: «Бер өс йыл самаһы ауыл тормошонда, халыҡ араһында бергәләп эшләргә, йәшәргә кәрәк, тип таптым. Ижадымды бармаҡтан һурырға түгел, ә ысын тормоштан алып кәүҙәләндереү дөрөҫ булыр, тип уйлайым», – тине. Мин уға аҡ юл, бәхет, ижади уңыш теләнем. Рәми ауылдан Өфөгә бер килгән сағында үҙенең комсомол комитеты секретары булып эшләүе, Надяның колхоз идараһында башҡортса машинкала баҫыусы булып эшкә урынлашыуы, уның башҡортса яҙырға, һөйләшергә өйрәнә башлауы, балаларының башҡортса өйрәнеүҙәре тураһында ҡәнәғәтләнеп һөйләне. Рәми ауылда саҡта мин уның «Көнләмә» һәм «Саған» шиғырҙарын йырға һалыу өҫтөндә эшләй башланым. Һуңғы шиғыр мине айырыуса мауыҡтырҙы. Ул фәлсәфи алым менән яҙылған йыр. Һүҙ бер ҡарт саған яҙмышы тураһында барһа ла, уның аша кеше образы күҙ алдына килеп баҫа ине. Әҫәрҙе кәүҙәләндереү өсөн ябай йыр алымы килешмәй. Бында нисектер уны икенсерәк, тәрәнерәк мәғәнә менән әйтеү талап ителә. Шуға күрә мин уны өс сирек үлсәме менән, ирҙәрҙең түбән тауышы (бас) өсөн, ашыҡмай, ҙур хис менән йырлар өсөн, куплетлы булһа ла, романс, балладаға яҡын итеп эшләргә тырыштым. 1962 йылда Рәми ғаиләһе менән Өфөгә ҡайтыуға был ике йырҙы тамамлап, уға уйнап, йырлап та күрһәттем. Рәми быға сикһеҙ шат булды: «Саған» шиғырының үҙенсәлекле бер образда яҙылғанын аңлағанһың. Һүҙҙәре көйөнә ҡушылып үҫкән кеүек. Был мәңге йәшәй торған йыр. Беҙ бер-беребеҙҙе, күрәһең, бик яҡшы аңлағанбыҙҙыр. «Һиңә мин тағы бер шиғыр яҙҙым. Ул «Минең йондоҙом» тип атала. Мә әле, уҡып сыҡ», – тине. Мин уҡып, хуплағас, ул шиғырҙың нисек килеп сығыуы тураһында һөйләне. «Тыуған ауылымда йәйге сыуаҡ көн. Көнө буйы эш менән мәшғүл булып, арып, урман араһындағы бер аҡланға барып яттым. Киске зәңгәрҙән күк урталығында тулы ай йөҙә, уның тирәһендә зәңгәр күк буйлап һибелгән йондоҙҙар йымылдаша, шундай тынлыҡ, хозурлыҡ, ис киткес матур тәбиғәт. Ҡысҡырып йырлап ебәрге килә. Ләкин Хоҙай Тәғәлә тауыштан мәхрүм иткән. Ә шулай ҙа күңел йырлай. Ниндәйҙер, әлегә әйтелмәгән яңы йырҙар ҡосағында йондоҙҙарға күҙ һалам. Ҡайһылары үтә яҡты яналар. Ҡайһылары уртаса бер кимәлдә, ә ҡайһылары күренер-күренмәҫ кенә, йә янам, йә һүнәм тип кенә торалар. Башыма, шуларҙың ҡайһыһын үҙемдеке итәйем икән, тигән уй килеп тыуҙы. Үтә яҡты янғаны тиҙ һүнер, быҫҡып янғанының ғүмере оҙон булмаҫ. Ни тиһәң дә, рустар әйтмешләй, «золотая середина»ға бер нәмә лә етмәй, тигән уй менән, бер кимәлдә генә янған бер йондоҙҙо, был минең йондоҙом булыр, тинем. Уға һоҡланып, юғалтмаҫ өсөн уның ҡайһы йондоҙҙар араһында урынлашыуын асыҡлап, күҙемде бер йомоп, бер асып, уны тиҙ табыуыма күнегеп ышанғас та, «Минең йондоҙом» тигән йыр яҙыу уйы килеп тыуҙы».
Мин Рәмиҙең һөйләгәнен иғтибар менән тыңланым. Уның фантазияға байлығын, тормош менән ижад араһында йөҙәүен, уларҙы бер-береһенә бәйләй белеүен хуплап, был шиғырға, һис шикһеҙ, йыр яҙасағымды белдерҙем. Ул миңә шунда уҡ тағы икенсе – «Именлек ораны» тигән шиғырын да бирҙе. Оҙаҡ та үтмәне, Мәҙәниәт министрлығы, хор йәмғиәте, һәм радио-телевидение комитеты яңы хор әҫәрҙәре яҙыу өсөн конкурс иғлан итте. Әйтеп кителгән шиғырҙарға музыка яҙып, унда мин дә ҡатнашырға булдым. Ул ваҡытта «Именлек ораны» тема яғынан бик тә әһәмиәтле булыуы, ә «Минең йондоҙом» шулай уҡ төп фекере буйынса заман талабына ярашлы булғанлыҡтан, мин уларҙы ентекләп, ҙур яуаплылыҡ менән эшләнем. Һөҙөмтәлә ике бынамын тигән һәйбәт хор әҫәре барлыҡҡа килде. 1963 йылда конкурсты йомғаҡлағанда, беренсе премияға лайыҡлы әҫәр булманы, тип «Минең йондоҙом» йырына икенсе премия бирелде, ә «Именлек ораны» дәртләндереү премияһын алды. Был еңеүҙе беҙ Рәми менән айырыуса шатлыҡлы кисерҙек. Бер-беребеҙҙе ҡотлап, алған премияларҙы билдәләргә лә онотманыҡ. Был ике йырға ла шунда уҡ иркен юл асылды. Улар радиотелевидение аша яңғырай ҙа башланы. Шулай итеп, 1962 – 1963 йылдарҙа Рәми һүҙҙәренә тағы дүрт йыр яҙылды. Ә 1968 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә сыҡҡан «Яңы йырҙар» йыйынтығымда иң ҙур урынды Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар алды. Унда «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек ораны», «Минең йондоҙом», «Хушлашыу», «Көнләмә», «Саған» һәм Я. Шведовтың һүҙҙәренә яҙылған «Аҡҡошҡайым» тигән йыр Р. Ғарипов тәржемәһендә сыҡты. Был йыйынтыҡ Рәми өсөн дә ҙур ҡыуаныс булды. Быны мин уға китабымды яҙып бүләк итеп биргәндә күрҙем.
Алдағы бер нисә йылда мин күберәк икенсе жанрҙар өҫтөндә эшләүем арҡаһында, йырҙарҙы бик аҙ яҙҙым. Шулай ҙа Рәми иҫән саҡта, 1971 йылда, бик үҙенсәлекле итеп дуэт менән йырлау өсөн «Шофер йыры»н яҙып ҡуйҙыҡ, ә 1976 йылдарҙың икенсе яртыһында уның һүҙҙәренә «Туй йыры» һәм «Умырзая йыры» донъя күрҙе. Һуңғы ике йырҙы яҙып бөткәс тә, уларҙы Рәмигә тыңлатырға булдым. Фатирына барҙым. Өйҙә бер үҙе генә ине. Мин уға был ике йырҙы уйнап, йырлап күрһәткәс, «Икенсе йырҙың русса тәржемәһе лә йырға шундай матур тура килеп тора, әйтерһең дә, В. Трубицын тыуасаҡ йырҙы алдан белгән, – тине. Шунан түбәндәгеләрҙе өҫтәне: «Ул тәржемәне мин үҙем эшләнем. Трубицын бер-ике генә урынына төҙәтмә индерҙе. Шуға күрә мин, әйҙә, уның тәржемәһе булһын да ҡуйһын, тинем. Ә музыкаға тура килеүенең сәбәбе, мин уны башҡорт һүҙҙәре ҡалыбына тура килтереп тәржемә иттем. Шуға күрә ул көйгә лә тура килә. Ә яҙған музыканың көйө бигерәк тә үҙенсәлекле. Ул миңә шул тиклем оҡшаны, унда ниндәйҙер, әйтеп аңғартып булмай торған яңылыҡ бар. Ғөмүмән, Рафиҡ ағай, һин минең шиғырҙарыма мөрәжәғәт итеп, шундай төплө, матур-матур йырҙар яҙғаның өсөн мин һиңә ҙур ихтирам менән үҙемдең рәхмәтемде белдерәм».
Беҙ уның менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ғүмәр Хәйәмдең шиғырҙарын башҡортсаға ауҙарыу өсөн ғәрәпсә яҙыу уҡырға, яҙырға өйрәнгәнлеге, тәржемә иткән саҡта төп нөсхәнән дә, русса тәржемәһенән дә ҡарап эшләгәнлеге тураһында әйтте. Һәм ҡалын ғына өс томдан торған эш һөҙөмтәһен күрһәтте. Ҡайһы берҙәрен уҡып та сыҡты. Мин уның ни тиклем ҡыйыулыҡ, түҙемлек, көс, дәрт менән шундай ҙур эшкә тотоноп, маҡсатына ирешеүен хупланым һәм ысын күңелдән уны ҡотланым. Мин ҡайтырға йыйынған саҡта Рәми: «Рафиҡ ағай, минең һиңә тағы үтенесем бар, – тине. – Форсатың, кәйефең булғанда минең «Һабантурғай йыры» менән «Салауаттар» шиғырына күҙ һал әле. Үҙең беләһең, һинән башҡа минең һүҙҙәргә бер кем дә йыр яҙмай. Ә мин ул ике шиғырҙы шул тиклем мауығып, яратып эшләнем, яҙып бөткәс, шатлығымдан хатта нишләргә белмәй, аяҡтарым үҙенән-үҙе бейей башланы. Мин уларҙың йыр булып яңғырауҙарын ишеткем килә. «Һабантурғай йыры» ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары тауышы, «колоратура»мы әле шул, башҡарыуында ҡолағымда сыңлап торған кеүек» – тине. Мин, әле түгел, һуңғараҡ, тип вәғәҙә иттем. Ләкин беҙҙең был иркенләп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырыу һуңғы тапҡыр булған икән. Күп тә үтмәй, ҙур ҡайғы менән, бәхилләшеп, йәш дуҫымды һуңғы юлына оҙатырға тура килде. Был юғалтыу минең өсөн айырыуса ауыр булды. Сөнки беҙҙең икебеҙҙең дә яҙмыштарыбыҙ оҡшаш ине. Ул күргән, кисергәндәрҙе миңә лә күрергә, кисерергә тура килде. Уға ҡарата булған ҡыйырһытыу, эҙәрләүҙәр мине лә урап үтмәне. Беҙ уның менән икәүҙән-икәү йыш ҡына күрешеп, ҡайғылар менән уртаҡлашып, һөйләшә торғайныҡ.
Ярай, улары тураһында һуңыраҡ. Әлегә беҙҙең ижадҡа ҡағылған мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барайыҡ. 1981 йылда Башҡортостан китап нәшриәте «Йырым һиңә булһын» тигән йыйынтығымды баҫып сығарҙы. Бында Рәми һүҙҙәренә яҙылған «Шофер йыры», «Умырзая йыры», «Туй йыры» һәм тағы ла икенсе мәртәбә «Минең йондоҙом» йыры индерелде. Һуңғыһының икенсе тапҡыр йыйынтыҡҡа инеүенең сәбәбе шунда: был йыйынтыҡты төҙөгән саҡта нәшриәттә эшләүсе иптәштәр: «Китабың популяр булһын өсөн, берике билдәле, халыҡ яратҡан, һәйбәт йырыңды йыйынтыҡҡа индергәндә, яҡшы булыр ине. Үҙеңсә, ниндәй йырыңды иң яҡшылары иҫәбенә индерәһең?» – тигән һорау ҡуйҙылар. Мин оҙаҡ уйламай: «Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Хушлашыу», «Саған», ләкин улар өсөһө лә минең үткәндә баҫылып сыҡҡан «Яңы йырҙар» йыйынтығына ингән», – тинем. «Ә шулар араһынан береһен алһаҡ, ҡайһыһын индерергә була?» – тинеләр. Мин тәүгеһен, йәғни «Минең йондоҙом»до әйттем. Шулай итеп, был йыр икенсе тапҡыр йыйынтыҡҡа инеп китте. Ә «Туй йыры» 1982 йылда Мәскәүҙә «Советский композитор» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Йырҙар» исемле йыйынтыҡҡа ла индерелгән.
Ә бына һуңғы һорауын үтәү ниәте менән күп кенә ваҡыт эшләгәндән һуң, 1986 йылда, «Һабантурғай йыры»н тамамланым. Уны колоратуралы сопрано, флейта һәм фортепиано өсөн яҙҙым. Үҙемсә бик тә уңышлы барып сыҡты, тип иҫәпләйем. Әлегә ул үҙенең ысын башҡарыусыһын таба алмаған, киләсәктә мотлаҡ табылыр һәм халыҡтың яратҡан әҫәрҙәренең береһе булып яңғырар, тип ышанам. Ә икенсеһе – «Салауаттар» тигән йыр. Уны 1987 йылда яҙып, Композиторҙар союзы тарафынан ойошторолған бригада менән Салауат районының байтаҡ ауылдарында һәм район үҙәгендә осрашыу кисәләрендә тәүге тапҡыр, бөтә ҡатнашыусылар менән күмәкләп йырлап йөрөнөк. Осрашыу концерттарында Рәмиҙең бүтән күп кенә йырҙары ла башҡарылды, әлбиттә. Халыҡ бик йылы ҡабул итте. Шулай итеп, мин Рәмиҙең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға тағы ике йыр өҫтәп ҡуйҙым.
1989 йылда нәшриәт тарафынан минең тағы бер «Йырҙарым-юлдаштарым» исемле йыйынтығым баҫылып сыҡты. Унда Рәми һүҙҙәренә яҙылған билдәле «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек ораны» һәм яңы «Салауаттар» исемле йырҙар инде. Был йыйынтыҡтың тематик йүнәлешенә ҡарап, уға «Һабантурғай йыры» керә алманы. Ләкин әле әҙерләнеп бөтөлгән һәм баҫылып сығасаҡ яңы йыйынтығымды, Рәми иҫтәлегенә, «Һабантурғай йыры» тип атаясаҡмын. Ул йыйынтыҡҡа, «Һабантурғай йыры»нан тыш, минең яңы ғына яҙылған «Туған тел» һәм «Заман һынауы» тигән йырҙар инәсәк. Был ике йырҙы ла Рәмиҙең иң-иң яратҡан, йөрәген ярып сыҡҡан, баһаһыҙ, ҡәҙерле шиғырҙары рәтенә ҡуям. Уның тәүгеһе туған теленә, яратҡан халҡына арналған булһа, икенсеһе үҙе йәшәп туя алмаған, ләкин ваҡытһыҙ ташлап китергә мәжбүр булған яҡты донъя менән хушлашыуға арналған. 1990 йылда Рәми иҫтәлегенә фортепиано өсөн «Вальс Рами» тигән ҙур ғына күләмле әҫәр яҙҙым. Был вальста мин Рәмиҙең шәхесен үҙем белгән тиклем кәүҙәләндерергә тырыштым.
Музыка әлкәһенә бәйләнгән өлөштө йомғаҡлап, шуны ғына әйтәһе килә. Мин Рәмиҙең һүҙҙәренә иң беренсе булып йыр яҙа башланым. Артабан, йылдар үтә барған һайын, беҙҙең ижади дуҫлыҡ нығый барҙы. Рәмиҙең төплө, еренә еткереп эшләнгән шиғырҙары, йыр текстары мине тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Әлбиттә, ул йылдан-йыл үҫте, шымара барҙы. Уның йыр текстарын беренсе тапҡыр уҡып сыҡҡанда уҡ, уларҙың йыр-моңға тартым булыуын күрәһең. Ә йөкмәткеһе яғынан уларҙың ниндәйерәк музыкаль образға эйә икәнлеген дә төҫмөрләйһең. Уның йырға атап яҙған шиғырҙары, бигерәк тә куплетлы формала яҙылғандары, йыр ҡанундарын яҡшы белеп, ҙур оҫталыҡ менән эшләнгән булыуҙарын күрһәтә. Шуға күрә уның шиғырҙарына йыр яҙыу бер ни тиклем еңелерәк тә ине. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, әҫәрҙәрҙе тыңлап тикшергән саҡта ла, ҡабул итеү һәм башҡарыу мәсьәләләрен хәл иткән ваҡытта ла йыш ҡына төрлө ҡаршылыҡтар, аяҡ салыуҙар килеп тыуа торғайны. Бында, күрәһең, беҙҙең икебеҙгә лә ҡараштар бер төрлөрәк булыуынан, ҡайһы бер иптәштәрҙең – уның яғынан да, минең яҡтан да – күралмай, төрлө ғәйбәт таратыуҙарынан килеп сыҡҡан хәл тип аңларға кәрәктер. Ғәйбәт халыҡ араһында тиҙ тарала. Ул хәбәрҙәр дөрөҫмө, юҡмы, йәмәғәтселек араһында билдәле бер фекер тыуҙыра. Ә ул осорҙа дөрөҫлөктө иҫбатлау мөмкин түгел ине. Унан төрлө ҡуштандар, ялағайҙар рәхәтләнеп файҙаланды. Беҙ иһә үҙ намыҫыбыҙҙы һаҡлап, үҙ ҡараштарбыҙҙан тайпылмай, үҙебеҙҙе-үҙебеҙ ҡурсалап, яҙған әҫәрҙәребеҙҙе яҡлап, көрәшеп йәшәнек.
Рәми беҙҙең фатирға йыш килә торғайны. Беҙ уның менән ижад мәсьәләләренән тыш үҙебеҙҙең хәл-әхүәлдәр тураһында ла фекер уртаҡлаша инек. Шулай бер һөйләшеп ултырғанда ул өлкә комитетының идеология буйынса секретары иптәш Ахунйәновта булған әңгәмәһе тураһында һөйләне. Ахунйәнов үҙенә еткерелгән мәғлүмәттәргә таянып, Рәмиҙе милләтселектә ғәйепләргә уйлай. Ләкин Рәми уға: «Минең әсәйем мәрйә, атайым башҡорт, бисәм украинка, шунан һуң мин ниндәй милләтсе булайым», – тип яуап биргән. Был ғәйепләүҙе Ахунйәнов үҙе уйлап сығармаған, әлбиттә. «Бур йыраҡтан килмәй», «дошман дуҫтан сыға», тигәндәй, бындай ғәйепләүҙәрҙең авторы Рәмиҙе яҡшы белгән, ләкин уның бейеклеккә үрләүен күрә алмаған, тар эсле, көнсөл кеше булыуын аңлата. Бейеклеккә үрләү тигәндән, Рәми мәрхүм булғас та бер йыл үттеме икән, юҡ микән, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә беҙҙең күренекле һәм арҙаҡлы шағнрыбыҙ Мостай Кәримдең ҙур ғына сығышын уҡырға тура килде. Бында ул, тураһын ғына әйтмәһә лә, Рәмиҙең ижадына ҡыҫҡаса анализ яһап, уны нисек тә кәмһетеүгә йүнәлдерелгән фекерен сағылдырғайны. Кем нисек ҡабул иткәндер, әммә мин был мәҡәләне уҡығас та аптырап ҡалдым. Рәмиҙең зарланғандарын иҫкә төшөрөп, уны бөтә күңелдән йәлләп, бахырғынам, тип ҡуйҙым. Ысынлап та, Рәми күп ҡаршылыҡтар кисерҙе. Уның һөйләүҙәренә ҡарағанда, хеҙмәт иткән урындарында ла, нәшриәттә лә уны йылдан-йыл нығыраҡ ҡыйырһыталар, сүп-сар эҙләйҙәр, мораль яҡтан да, матди яҡтан да ҡыҫалар. Ул, дөрөҫөн әйткәндә, үтә ярлы хәлдә ғүмер итте. Уның әрнеп әйткән һүҙҙәре һаман да иҫтә: «Нисек кенә ҡыйырһытыуҙарына ҡарамаҫтан, мин үҙемдә көс табып, үҙемде «эшләргә кәрәк», тип кенә йыуандырҙым һәм ең һыҙғанып эшләйем дә. Әлбиттә, миңә ҡарата ойошторолған аяҡ салыу, мине матди яҡтан ғына түгел, һаулығымды ла ныҡ ҡаҡшата» – тине. Мин Рәмиҙе тулыһынса аңлай инем. Ләкин ул йәшәгән дәүерҙә, бигерәк тә торғонлоҡ дәүерендә, бер кемгә лә, бер нәмәне лә иҫбатлап булмай ине. Дөрөҫлөк тигән һүҙ икенсе планда ине. Рәмиҙең матди хәлен нисек булһа ла нығытыу ниәте менән мин уға: «Йырға барырҙай шиғырҙарыңды һайлап, һәр бер композиторға бер нисәһен бир. Улар йыр яҙһа, һиңә лә килем булыр», – тигән кәңәш бирҙем. Ләкин ул: «Юҡ, Рафиҡ ағай, етешһеҙ йәшәһәм йәшәрмен, тик мин кешегә инәлеп йыр яҙҙыртмайым. Мин байтаҡ композиторға биреп ҡараным инде. Ләкин улар минән халыҡ дошманы һымаҡ ҡурҡа. Хөсәйен Әхмәтов берҙән-бер «Хыялымда яңғыҙ елкән булып» тигән шиғырыма романс яҙғайны, ул да һеҙ яҙған «Онотмайым» романсының һүҙҙәре. Ә бүтән бер кем дә, бер әйбер ҙә яҙғаны юҡ», – тине. Күрәһең, һәр кем үҙ тиреһен һаҡлай. Юғарыла әйтеп кителгәндәрҙән сығып, бер кемдең дә ҡара исемлеккә керәһе килмәй, әлбиттә.
Эйе. Ауыр заманалар бар ине. Юғарыла ултырған түрәләр ни теләһә шуны эшләне. Күберәк кешенең хеҙмәтенә ҡарап түгел, ә ярай белеүенә ҡарап, үҙҙәренә ҡулайлы кешеләрҙе бейеккә күтәрҙе, яраҡлашмаусыларҙы түбәнгә төшөрҙө. Ялағайҙар, ҡуштандар үҫте, ә күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйткәндәрҙе алып ташларға тырыштылар. Ләкин хәҙер заман үҙгәрҙе. Замана һәр кемде үҙ урынына ултыртты. Дөрөҫлөк еңә бара. Ә Рәмиҙең ижадына дөрөҫ баһа биреү, уны Башҡортостандың Пушкины итеп күреү, уға Салауат Юлаев премияһын биреү – ғәҙеллектең сағылышы. Уның бынамын тигән шиғырҙарына яҡшы йырҙар тыуа башланы. Әлеге йәштәр һәм киләсәк быуын композиторҙары Рәмиҙең күп шиғырҙарын ҡанатландырасаҡтарына ышанам.

Рафиҡ Сәлмәнов,
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре