Абрар Ғабдрахманов. Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән

Близкие и земляки

Эйе, Рәми ағай, әлегә әйтелмәгән. Әммә туған мәҙәниәтебеҙ, әкрен-әкрен генә булһа ла, ошо һинең хыялдағы һүҙҙе әйтеү бөйөклөгөнә үрләү юлында. Шул бөйөк һүҙ-кәрәҙҙәрҙең кескәй генә өн-ынйыларын «бал ҡортондай» йыя. Шул илһамлы хеҙмәттәге һинең өлөштөң дәүмәлен баһаларға ынтылыптыр, ҡәләмдәштәрең, ижадыңа ғашиҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ уҡыусыларың Башҡортостаныбыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдарҙа, радио-телевидение тапшырыуҙарында йыш ҡына сығыш яһай, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша, көндәлектәреңде уҡый, һиңә арналған шиғырҙар яҙыла.
«Башҡортостан»дың 15 февраль һанында Әмир Гәрәевтың Рәми Ғарипов тураһындағы «Һүҙ – көмөш, йыр – алтын» тигән мәҡәләһен ҡыҙыҡһынып уҡыным – һүҙ йыр тураһында бара бит! Тик бер ерҙә аптырап, туҡтап ҡалам.
«...Бығаса, – тип яҙа мәҡәлә авторы, – Рәми Ғарипов шиғырҙарына композиторҙарыбыҙ яҙған йырҙарҙы урыҡ-һурыҡ ишеткән бар ине». Композиторҙар баҡсаһына таш ырғытыу (рус мәҡәленсә) түгелме был? Нишләп урыҡ-һурыҡ ҡына булһын?»... Ә был кисәлә ул йырҙарҙың байтағы бер-бер артлы яңғырағас, шағирҙың халҡыбыҙҙың йыр-моң хазинаһына индергән өлөшө лә тос икәнлеге күҙалланды». Бына шул шул. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә иң беренсе йырҙарҙы оло композиторҙар яҙған. Ғөмүмән, Р. Ғарипов – йырсы шағир. Уның шиғырҙарын көйгә һалыу бик уңайлы. Шуның өсөн уның һүҙҙәренә моң яҙып ҡарамаған композитор юҡтыр ҙа. Шағир Р. Ғариповҡа композиторҙарҙың мөнәсәбәтен мин ошо урыҡ-һурыҡтан башлаһам, башҡалар, композиторҙар, минең һүҙҙе дауам итерҙәр, бәлки. Ә мин был кескәй мәҡәләлә Рәми ағай менән булған бер нисә осрашыуыбыҙҙы хәтерләмәксемен.
Авторҙың «Таш сәскә» исемле китабын мин 1958 йылда ҡулыма алдым. Бар донъяға ғашиҡ саҡта беҙ ул китапты ятаҡтағы барлыҡ егеттәр ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡып сыҡтыҡ та мөкиббән киттек: китап быға тиклем сыҡҡандарына һис тә оҡшамағайны. Иң күҙгә ташланғаны шул – ул ваҡытта инде күптән ялҡытып бөтөлгән ҡалып китапта юҡ ине: сәйәси йүнәлеш бирер «баш шиғыр» ҙа, даһиҙарға арнауҙар ҙа китапҡа һыймай ҡалған; уның ҡарауы – тере кеше күңеле ни һораһа – шул бар.
Ул ваҡытта мин – студент ҡына, ә Рәми ағай инде ике китап авторы булырға өлгөргән, йылдам үҫеп килеүсе шағир. Шуға ла ул яҙған шиғырҙарҙы көйгә һалыу ҙа, – ул ваҡытта, дөрөҫөрәге, көйгә һалырға маташыу ҙа, ҡурҡыта. Шулай ҙа, йылдар үтә-үтә, «Таң йыры» исемле шиғыр хатта минең баҙнатһыҙлығымды ла селпәрәмә килтерҙе; сикһеҙ ихтирам иткән ағайҙың шиғыр исемен үҙгәртеберәк – «Таңдағы йыр» тип атарға батырсылыҡ иттем: «Ниңә моңло икән таңдағы йыр...» тип йырлана бит ул! Йыр башҡорт дәүләт университеты студенттары ойошторған әҙәби кисәлә Нажиә Аллаярова (минең скрипкаға ҡушылып) башҡарыуында беренсе тапҡыр яңғыраны. Был 1957 йылдың көҙө ине. Ошонан һуң беҙ Рәми ағай менән йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Ленин урамында икенсе һанлы йорттоң ҙур фатирының бәләкәй генә бер бүлмәһе шаһит был яҡты көндәргә! Бишенсе ҡат тип тормай, килер ҙә ояла-ояла ғына: «...Әйҙә теге йырҙы тыңлайыҡ әле», – тиер ине.
Әҙип, ғалим Әнүр Вахитовтың 50 йыллыҡ юбилей кисәһендә ҡатнашыу оноторлоҡ түгел. Унда башҡа бик күп ҡунаҡтар менән бергә Рәми ағай, Надежда еңгәй һәм уларҙың кескәй генә ҡыҙҙары Гөлнара ла бар ине. Бер заман ошо ҡыҙыҡай пианинола «Таңдағы йыр»ҙы уйнап ебәрмәһенме! Ә Надежда еңгәй һуң? Рәхәтләндереп башҡортса йырлай!
Шундай моң түгеүсе ҡыҙы менән ҡатынынан күҙҙәрен ала алмаған Рәми ағайҙың илһамға тулышҡан йөҙө әле лә күҙ алдымда тере көйө һаҡлана.
Рәми Ғарипов шиғырҙарына юлыҡҡан һәр мәлде мин шағир менән осрашыу тиер инем. Бына бер осрашыу – «Көтәм һине». Был шиғырға кем генә көй һалманы... 1983 йылда Бөтә Союз грампластинкалар фирмаһы сығарған пластинкала ла (Н. Аллаярова йырлай) бар был йыр. «Бөтә донъя бөгөн ап-аҡ ҡына» – Башҡортостан телевидениеһының 1981 Яңы йыл байрамы концерты өсөн яҙылды. Ул йыр-вальсты Силәбе телевидениеһы ла тапшырҙы. «Һүҙем бар» – был да шағир менән бер осрашыу емеше. Бөтә йыр-романстарҙы иҫәпләп сығыу маҡсатта түгел, шулай ҙа шағирҙың «Туған тел» шиғырынан һуң тәьҫир алып ижад ителгән шул уҡ исемдәге романстар шәлкеменә туҡталыбыраҡ китмәй булмаҫтыр. Шәлкем авторҙың төрлө йыйынтыҡтарынан алынған шиғырҙарының музыкаль сағылышын асырға тырышыуҙан ғибәрәттер. Шағирҙың шиғриәтен музыка саралары аша мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдырыр өсөн, йырҙар ғына түгел, төрлө жанрҙарҙы эшкә егергә мөмкин. Әйтәйек, «Туған тел» романстар шәлкеменә ғәҙел тәнҡит һүҙе ишетмәй тороп, нисек итеп кантата, оратория, сәхнә әҫәрҙәренә тотонмаҡ кәрәк? Яҙған әҫәреңә ғәҙел баһа алмай тороп, ижадта үҫеш юҡ!
Мин әҙерәк төп фекерҙән ситкә киттем. Һүҙем – Р. Ғарипов шиғырҙарына яҙылған йырҙар ине бит. Улар байтаҡ. Әйткәнемсә, Рәми Ғарипов – йырсы-шағир. Уның һәр шиғыры йырлап-көйләп яҙылған. Бөйөк Туҡай мәшһүр «Тәф-тиләү»ҙе танһыҡтары ҡанғансы йырлағанын тарих белә. Рәми ағай ҙа «Сыңрау торна»ның шиғырын яҙғанда талпына-талпына йырлағандыр – шунһыҙ йыр тыумай. Йырсы шағирҙың шиғриәте музыкаль әҫәрҙәрҙә өр-яңы тормош башларға тейеш! Шиғриәттә генә түгел, бар мәҙәниәтебеҙҙә, шул иҫәптән моң донъяһында ла, иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән...

Абрар Ғабдрахманов,
композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,
1991 йыл