Әкрәм Закиров. Миҙаллы малай

Близкие и земляки

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ине. Беҙ, аслы-туҡлы балалар, Арҡауыл урта мәктәбендә уҡып йөрөйбөҙ, уҡыуҙан ҡайтабыҙ ҙа, ҡыш булһа – бәләкәй сана, йәй булһа ҡул арбаһы һөйрәтеп, утынға, һаламға китәбеҙ.
Колхоз эшендә бөтә яҙ, йәй, көҙҙөң 1 октябренә тиклем уҡыусы балалар ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән төп көстәрҙең береһе булды.
Рәми Ғариповтың әсәһе Мәрйәм апай 1943 йылда ураҡ менән 20 гектарға яҡын ерҙең ашлығын бер үҙе урҙы. Ошо ҡаһарманлығы өсөн ул «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Бер көн мәктәптә күрәм: түшенә миҙал таҡҡан малайҙы коридорҙа балалар һырып алған. Ул малай беҙҙең буласаҡ ҙур шағир Рәми Ғарипов ине.
Рәмиҙән бер ҡыҙ: «Һин нишләп әсәйеңдең миҙалын тағып йөрөйһөң?» – ти һорағас, ул ҙур ғорурлыҡ менән: «Әсәйем был миҙалдың яртыһы, балам, һинеке, һин бит мин урған игенде көлтәгә бәйләргә, өйҙә ҡалған иркәләреңде (беҙҙең яҡта ҡустыларҙы, һеңлекәштәрҙе шулай атайҙар) ҡарай, тәрбиәләй торорға ҙур ярҙам иттең, тине, шулай булғас, мин дә уны тағып йөрөргә хаҡлы», – тип яуап бирҙе.
1945 йылдың көҙөндә Арҡауыл мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары менән Өфөгә 9-сы башҡорт урта мәктәбенә уҡырға керҙем, Рәми бер йылдан һуң килде. Интернатта уҡыған саҡта мин Рәмиҙең шиғыр яҙыу менән мауығыуын, дөрөҫөн әйткәндә, бер ҙә ысынға һанамай инем. Ләкин Мәскәүҙә нефть институтында уҡыуым дәүерендә, Рәми М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына кереп уҡый башлағас ҡына, уның был әлкәлә һәләте, ынтылышы барын аңланым.
Ул үҙенең дуҫы кинематография институты студенты Әсғәт Әшрәпов менән (ул хәҙер Алматыла йәшәй, кинооператор, Дәүләт премияһы лауреаты, Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре) минең янға дөйөм ятаҡҡа килеп йөрөнө. Беҙ бүлмәлә дүрт студент йәшәнек, барыбыҙ ҙа Башҡортостандан инек. Рәмиҙең ашыҡмай ғына, һәлмәк, үҙенә генә хас булғанса йылмайыбыраҡ һөйләүе, шиғырҙарын уҡыуы беҙгә, әҙәбиәттән йыраҡ кешеләргә, тәүҙәрәк сәйерерәк тә тойола торғайны. Һуңынан ул беҙҙе әҙәбиәтте, бигерәк тә поэзияны һөйөргә өйрәтте, үҙенең шиғырҙарын уҡыуы менән ярҙам итте. Оло байрамдарҙы Мәскәүҙә уның менән бергә үткәрә торғайныҡ.
Хәтеремдә: 1951 йылда 1 Май байрамын Мәскәү юридик институты студенттарының дөйөм ятағында үткәрҙек. Был институтта беҙҙең интернатты тамамлаған Шамил Юланов, һибәт Юламанов, Башҡортостан егеттәре Бикйән Абдуллин, Рауил Вәлитов уҡый ине. Шул көндө төштән һуң Мәскәүҙең М. Горький исемендәге Үҙәк культура һәм ял баҡсаһына киттек. Баҡсаның бер тынысыраҡ урынында татар, башҡорт йәштәре гармун уйнай, йырлай, бейей, ғөмүмән, һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Рәми беҙҙән айырылды ла, майҙан уртаһына сығып, үҙенең шиғыр уҡырға теләүен әйтте. Йыйылған халыҡ аптырабыраҡ та ҡуйҙы шикелле, сөнки элек бындай йыйындарҙа шиғыр уҡыу бөтөнләй булмай торғайны. Ул уртаға сығып тыуған яҡты һағыныу, уны бер ваҡытта ла оноторға ярамау тураһында ҙур булмаған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шағир яҡшы белә – бындағы йыйылған кешеләрҙең барыһы ла тиерлек Мәскәүгә эшкә, уҡырға илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән килгән. Халыҡ, гөж килеп, оҙаҡ ҡул сапты.
Институтты тамамлағас, үҙемдең тыуған Башҡортостаныма, Октябрьский ҡалаһына, эшкә ҡайттым. Ул да институтын бөтөп, Өфөгә ҡайтты. Өфөлә эшләгәнендә лә, «Һарғамыш» совхозының комсомол ойошмаһы секретары булғанында ла беҙ һәр ваҡыт аралашып йәшәнек, әҙәбиәт, сәнғәт, донъя хәлдәре тураһында күп уйлаштыҡ, һөйләштек.
Уның хыялы – Арҡауыл ауылында, Йүрүҙән йылғаһы ярында йорт һалып, йәй көндәрен шунда үткәреү ине. Ул мине отпускыны йәй ауылда үткәрергә, бала саҡ эҙҙәренән туғайҙар, тауҙар буйлап йөрөп сығырға өгөтләп китте. Мин был тәҡдимгә шатланып риза булдым, үҙемдең дә шундайыраҡ уйҙарым барын һөйләнем. Ләкин тормош Рәмигә ҡарата аяуһыҙ булды – ул шул осрашыуҙан бер ай үткәс вафат булды.
Беҙ, уның яҡташтары, һабаҡташтары, арабыҙҙан ниндәй ҙур шағир киткәнен, кешене тере ваҡытында ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәк икәнлеген тағы ла бер тапҡыр тойҙоҡ, әсенеп.

Әкрэм Закиров,
Өфө быраулау эштәре идаралығының баш геологы, почетлы нефтсе,
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
1989 йыл, 25 апрель