Салауат Монасипов. Шағирҙың мәктәп йылдары

Близкие и земляки

Рәми Ғарипов хаҡында уйланғанда, уның ижад ҡөҙрәте, үҙенә генә хас, ҡатмарлы йәшәйеше һәм асыҡтан-асыҡ көрәше әле йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәрештәр менән ныҡ ауаздаш булғанын төшөнәһең. Ысынлап та, 60–70-се йылдарҙа республикала идеология өлкәһендәге команда-административ алымдар ярҙамында эш иткән етәкселәргә ҡаршы киҫкен көрәш юлында ул ғәҙелһеҙ йәберләнде, эҙәрләнде. Рәми Ғарипов ижадында, тормошонда нисек кенә ауырлыҡ, ҡыйынлыҡ кисермәһен, иманына тоғро булып ҡалды. Хәҙер инде уның ижады, хеҙмәттәре халҡына тулыһынса еткерелә, хатта рус теленә лә тәржемә ителә. Ә «Йәшлек» гәзитендә баҫылған «Студент көндәлектәре» йәштәребеҙ өсөн ифрат фәһемле.
Мин түбәндә уҡыусыларға Р. Ғариповтың мәктәп йылдары тормошон сағылдырған иҫтәлектәремде тәҡдим итәм.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үкһеҙ етем, ярым етем балалар өсөн Өфөлә 9-сы мәктәп-интернат бар ине. Бөтә республиканан йыйылған был балалар баш ҡалабыҙҙың мәктәбендә уҡыуҙы ҙур бәхет итеп һананы. Ана шул бәхетлеләрҙең береһе Ғарипов Рәми булды. Ул тәүҙән үк үҙен бик зирәк, ныҡыш, тапҡыр һүҙле, хыялсан һәм башҡа күп кенә өҫтөн яҡтары менән башҡаларҙан айырылып, шул саҡтарҙа уҡ үҙенсәлекле шәхес итеп танытты. Мәктәп йылдарында Рәмигә бигерәк тә хас булған сифаттарының береһе – китапҡа һоҡландырғыс һөйөү. Ҡайҙа ғына уҡымай торғайны ул, хатта кочегаркаға инеп, бер иҫке верстак артына ышыҡланып уҡый һәм яҙа ине. Шулай ҙа иң яратҡан урыны – Республика һәм интернат китапханалары булды. Интернат китапханаһына ул ярҙамсы хужа итеп тәғәйенләнгәйне. Ятаҡ бүлмәһендә уҡыу һәм яҙыу өсөн карауаты янына үҙ ҡулдары менән бәләкәй генә тумбочка эшләп ҡуйҙы.
Рәмиҙең уҡыу һәм яҙыу ваҡыты – төн ине. «Иң яҡшы иптәшем – китап, ваҡытым – төн. Мин китапты үҙемдең иң яҡын юлдашым, бөтә аңлашылмаған нәмәләрҙе сисеп биреүсе уҡытыусым һәм бөтә тойғоларымды уртаҡлаша алырлыҡ дуҫым итеп һанайым», – тиер ине Рәми.
IX класта уҡыған саҡта ауылдан Хөсәйен олатаһы Рәмигә 50 һум аҡса ебәрә, тәмлерәк аҙыҡ алып ашарға ҡуша. Ләкин Рәми был аҡсаға Белинскийҙың философик әҫәрҙәре томдарын һәм Горькийҙың хикәйәләрен һатып ала. Ул йылдарҙа Рәми рус классик әҫәрҙәрен үҙенә хас булған күңел күтәренкелеге менән, тормошондағы яңы асылыш кеүек ҡабул итте. Пушкин шиғырҙарына һоҡланып бөтә алмай ине. «Пушкин – поэзия ҡояшы», – тип ҡат-ҡат әйтә торғайны. «Толстой – ул бөйөк кеше», – ти һәм уның тураһында Горькийҙың әйткән һүҙҙәрен иҫкә алырға ярата торғайны: «Толстойҙы белмәй тороп, үҙеңде һәм үҙ илеңде белгән һәм культураға эйә булған кешемен, тип һанай алмайһың». Ә Горькийҙың тормошон һәм ижадын өйрәнгәндән һуң, Рәми көндәлегенә былай тип яҙып ҡуя: «Маяҡ булһын Горький беҙгә! Унан өлгө алыу – ҙур подвиг». Маяковскийҙың шиғырҙары менән танышҡас: «Бына ҡайҙа ул шиғыр!» – тип һоҡланыр ине. Шул ваҡыттан алып мәктәп йылдарында Рәми Маяковский менән көнөн башлай, уның менән йоҡоға китә торғайны. Маяковский шиғырҙары Рәмиҙе шиғриәт әлкәһендә ҡәтғи уйланырға мәжбүр итә, унда һәр һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уята. Н. Островский-ҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» китабын Рәми ул ваҡытта дүрт тапҡыр уҡыны. Нескә тойғоло Рәми Корчагиндың яҙмышын, уның көрәш юлын бөтә йөрәге менән кисерә. «Ысындан да был китап йәшәргә, ысын йәшәргә өйрәтә. Ләкин был ябай йәшәү генә түгел, ә бөйөк йәшәү», – тип яҙҙы ул көндәлегенә.
Татар яҙыусыларынан Рәми бигерәк тә Туҡай менән Таҡташты яратып уҡыны. «Бөйөк Туҡай: «Халыҡ – шағир», – тигән. Алтын булған уның фекере», – тип яҙҙы ул. Туҡай тормошо һәм ижады Рәмиҙә көслө тәьҫир ҡалдыра. Уға ҡарата йөрәгендә ныҡ әрнеү хисе тыуа. «Шул сағында мин уны шул тиклем йәшәтәһем килә», – ти Рәми.
Шунан ул, Туҡайға арнап, «Шағир» тигән шиғырын яҙҙы. Беҙҙеңсә, был шиғыр Рәмиҙең үҙенә лә ҡағылалыр, сөнки уларҙың яҙмыштарында ниндәйҙер уртаҡ һыҙаттар ҙа бар һымаҡ...
Таҡташ тураһында Рәмиҙең ошондай шиғри юлдары бар:

Таҡташ ҡарар иткән
Биш йыллыҡта
Пушкинды ла уҙып китергә.
Ошо ҡарар ғына
Уға гүзәл
«Таҡташ» исемен
Яулап килтергән.

Мәктәпкә ул йылдарҙа ла башҡорт яҙыусылары йыш ҡына осрашыуҙарға, әҙәби кисәләргә саҡырылды. Уҡыусылар өсөн был осрашыуҙар байрам кеүек үтә. Яҙыусылар һәм шағирҙар Ғ. Ғүмәр, С. Агиш, Р. Ниғмәти, Б. Бикбай, Ҡ. Даян, М. Тажи, К. Мәргән үҙҙәренең тормош юлдары, ижади ҡаҙаныштары менән таныштыра, айырыуса әһәмиәтле ваҡиғаларға арнап доклад һәм лекциялар уҡый. Рәми өсөн был аралашыу үҙе бер мәктәп булып торҙо, сөнки беҙҙә сығарыла торған әҙәби альманахҡа ул етәкселек итә ине. Уның мөхәррире лә, яҙыусыһы ла, хатта рәссамы ла булды. X. Ғиләжев, Ғ. Рамазанов, Ф. Иҫәнғолов, Ш. Бикҡол мәктәптә институт практиканттары булараҡ та, әҙип булараҡ та альманахты сығарыуҙа байтаҡ ярҙам күрһәтте.
Рәми альманахҡа «Сигнал» тип исем ҡушты: «Бөтә нәмә тураһында сигнал биреп торасаҡ ул!» Мәктәптә тиҫтәләгән уҡыусы альманахта үҙҙәренең шиғырҙарын, хикәйәләрен, эпиграммаларын сығарҙы. Уны уҡыусылар көтөп ала. Рәми тәнҡит әлкәһендә лә үҙенең үткер һүҙҙәре, эпиграммалары менән айырылып торҙо. «Сигнал»дың тәнҡит һүҙҙәренә үсегеп йөрөгәндәргә Рәми шаярып ошондай һүҙҙәр ҙә яҙҙы:

Асыуланма «Сигнал»ға,
Шуны әйтәм мин һеҙгә:
Ауыҙың ҡыйыш булғас,
Үпкәләмә көҙгөгә!

Ул дәртләнеп, илһамланып, күңел күтәренкелеге менән яҙа, яңы шиғыр яҙған һайын: «Мин яңынан тыуам», – тип әйтә ине.

Ашҡынам, ҡайнайым, янам,
Тик тороу мөмкин түгел – яҙам.

Беҙгә Рәми туҡтауһыҙ шиғыр яҙмаһа, уның йөрәге ярылыр кеүек тойола ине.
Уның матбуғатта сыҡҡан беренсе шиғыры Ленин тураһында була. 1950 йылдың апрелендә «Ҡыҙыл таң» редакцияһына инеп, уның әҙәби хеҙмәткәре Ү. Ғимаҙиевҡа «Ленин» исемле шиғырын күрһәтә. Ул шиғырҙы уҡығас: «Ҡара, был бит шиғыр! Баҫабыҙ, баҫабыҙ, тик төҙәтәһе урыны бар», – ти. Рәми редакциянан сығып, урам буйлап бара, үҙ алдына һейләнә-һейләнә шиғырын төҙәтә, әммә кәрәк һүҙ табылмай әле. Шул саҡ үтеп барған бер апай уға боролоп ҡарай ҙа: «Әллә был кеше хыялый инде», – тип әйтә. Рәми: «Хыялый хыял!» – тип ҡысҡырып ебәрә. Ул эҙләгән һүҙ табыла:

Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай,
Ләкин тиңһеҙ уға бөйөклөк.

Төҙәтелгән вариантында ул былай яңғырай:

Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай,
Хыялдан да сикһеҙ бөйөклөк!

Ике көн үткәс, Рәми киоскынан 20 дана итеп «Ленин» тигән шиғыры баҫылған «Кызыл таң» гәзите һатып алып иптәштәренә тарата.
Ул саҡтарҙа уҡ Рәми шиғырҙары тематикаһының киңлеге һиҙелә. Ул илебеҙ тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙы, тәбиғәткә мөнәсәбәтен сағылдырған шиғырҙар һәм поэмалар яҙҙы. 1948 йылда бөтә ил Коммунистар партияһы манифесының 100 йыллыҡ юбилейын байрам итә. Мәктәптә тарих түңәрәге ошо ваҡиғаға арнап кисә ойоштора. Рәми ҙә унда үҙенең шиғырын уҡый. Бына шунан өҙөк:

Энгельс менән Маркс – бергә улар
Көрәш усаҡтарын яҡтылар.
Тарих биттәрендә иң беренсе
Еңеү ҡоралдарын таптылар.

Шул уҡ йылда комсомолдың 30 йыллығына арналған әҙәби кисә үткәрелә. Кисәлә башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнаша. «Совет әҙәбиәтендә комсомол» тигән темаға Ғ. Рамазанов сығыш яһай. Рәми үҙенең «Минең быуыным» исемле шиғырын уҡый. Ул ошондай юлдар менән тамамлана:

Йөрәгемдә минең Олег ҡаны,
Саша даны,
Дәрте яна Павел көсөнөң.
Ғорурланам, шатланамын, янамын мин, –
Комсомолец минең исемем!

Мәктәп йылдарында ул тарихи сәйәхәттә ҡатнашты. 1948 йылда, башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса, Башҡорт атлы дивизияһы үткән юлдан тәүге эҙәрмәнлек сәйәхәте ойошторола. Унда беҙҙең мәктәптән 9 уҡыусы, 2 уҡытыусы ҡатнаша. Сәйәхәттә дивизияның данлы юлы асыҡлана, байтаҡ ҡына ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплана. Рәми һәм уның иптәштәре Украина кешеләренән дивизия тураһында иҫтәлектәр яҙып ала, мөһим урындарҙы фотоға төшөрә, дивизияның данлы юлын өйрәнә.
Сәйәхәттән ҡайтҡас, Рәми «Дон далаларында» тигән документаль очерк яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегәсә ул донъя күрмәгән... Ошо урында тағы бер әҫәре тураһында әйтмәйенсә ярамайҙыр. Мәктәп йылдарында ул «Һөйөү» исемле роман яҙа башлағайны, хатта уны үҙенсә тамамлағайны ла, шикелле.
Рәмиҙең яҙыусы булыу хыялы уның күп яҡлы һәм тәрән белемле булып үҫеү теләге менән бергә үрелеп барҙы. IX класта уҡыған саҡта мәктәптән 20-гә яҡын малай Өфө аэроклубына яҙыла. Улар араһында Рәми ҙә була. Ул аэроклубта уңышлы уҡып, тырышып күнегеүҙәр үтеп, «УТ-2» самолетын оҫта йөрөтөргә өйрәнә. Шуның өсөндөр, аэроклуб етәксеһе уға авиация хәрби училищеһына инергә кәңәш итә. Рәми ризалығын белдерә. Ләкин уға яңы тормош баҫҡысына баҫырға яҙмаған булып сыға: докторҙар самолетта осорға ла, хәрби училищеға уҡырға ла рөхсәт итмәне, күҙенән «ғәйеп» тапты.
Р. Ғарипов уҡытыусыларға, тәрбиәселәребеҙгә йөрәгендә айырыуса йылылыҡ, ихласлыҡ һаҡланы. Мәктәпте тамамлағас, хушлашыу кисәһендә ул өс шиғыр уҡыны. Шуның береһе уҡытыусыларға бағышланғайны:

Уҡытыусы!
Ниндәй яҡын исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй...

Был һәм башҡа шиғри юлдарҙы ул, Белинскийҙың китабына яҙып, яратҡан уҡытыусыһы Мәрйәм апай Ғималоваға бүләк итте... Шунан һуң аттестат алғанда яңы шиғырын уҡыны:

Бөгөн байрам, утлы лава кеүек
Фонтан ата минең шатлығым.
Йөрәктәрҙә йәшлек дәрте ҡайнай,
Уртаҡлағыҙ шатлыҡ ташҡынын!
Артабан былай дауам итә:
Мин бурыслы,
Мин әҙермен,
Ҡайһы посҡа
Ҡуйһа Ватаным!

Унан һуң «Рәхмәт һеҙгә» шиғырында ул иленә, мәктәпкә, уҡытыусыларға рәхмәт белдерә, иптәштәренән айырылыу хисен кисерә:

Һағындырыр мәктәп, һағындырыр,
Иҫкә төшөр яҡын иптәштәр.
Бер әсәнән тыуған бала кеүек,
Йәшәнек беҙ гөрләп йәшлектә!

Ошондай йылы һүҙҙәрҙе әйтеп, ул белем алыуын дауам итергә, профессиональ яҙыусы булырға Мәскәүгә – Әҙәбиәт институтына китте.
Уның һүҙҙәре бергә уҡыған һабаҡташтарының әле һаман иҫенән сыҡмайҙыр: «Ысын йәшәү өсөн йөрәгең менән янырға, ҡаның менән ҡайнарға кәрәк. Йәшәү бер ҡасан да көтөп тормай».
Рәми Ғарипов тәбиғәте менән нескә хисле һәм рухы һынмаҫ кеше булды. Ул иртән сығып килгән ҡояш нурҙарына ысын күңелдән ҡыуаныр, болон-туғайҙағы сәскәләргә ҡарап йылмайыр, күкрәгенән ташып сыҡҡан ҡыуанысы булһа, бейек ҡаяға менеп шиғыр һөйләр, эсе бошоп хәсрәтләнһә, кеше күрмәгәндә генә туған тупрағына ятып, уны ҡосаҡлап үкһеп-үкһеп илар ине. Бына ошондай ҡиәфәттә тора Рәми беҙҙең күҙ алдында, беҙҙең йөрәктәрҙә; бына ошолай уйылып ҡалды Рәми беҙҙең хәтергә.

Салауат Монасипов,
Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы.