Зилә Ғәббәсова. «Һарғамыш» совхозында

Близкие и земляки

«Шулай йәшәргә мин тырыштым...»

Кеше. Уның яҡты тормош юлы. Ғәҙеллек өсөн көрәш, ҡаһарманлыҡ, намыҫ, өмөт һәм бәхет. Үлемһеҙлек... Рәми Ғариповтың биографияһы бына ошо оло төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала, минеңсә. Ул бөгөн дә, киләһе быуындар өсөн дә тормошто һөйөүсе, кешеләргә яҡты нур бөркөүсе, оло йөрәкле кеше булып ҡала.
Тормошондағы ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар, эҙәрләүҙәр ысын шағирҙың рухын һындыра алманы. Шундай ҡытыршылыҡлы шарттарҙа ла ул «Йүрүҙән», «Осоу», «Аманат», «Таш сәскә», «Миләш-кәләш», «Йондоҙло уйҙар», «Умырзая йыры» исемле гүзәл шиғыр йыйынтыҡтарын ҡалдырҙы. Һуңғы икәүһе үҙе үлгәндән һуң сыҡты. Рәми Ғарипов бындай китаптарҙы ижад итергә көстө ҡайҙан алған һуң?
Быға бер төрлө генә яуап бирергә була: ул – ышаныс һәм ярһыулы ынтылыш. Тормошто, кешеләрҙе һәм тәбиғәтте сикһеҙ яратыу. Былай ҙа ҡыҫҡа ғүмерҙең ҡәҙерен белеү, уның бер генә сәғәтен дә бушҡа сарыф итмәү.

Шундай китаптар була – уларҙы ҡабатлап уҡыған һайын, тормошобоҙға ошо китаптан күпме яҡшылыҡ, яҡтылыҡ ингәне, күпме кешегә матурлыҡты аңларға, йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәткәне, йәшәргә көс биргәне тураһында уйландыра. Шағирҙың китаптары тап шундай.
1960 йылда Йүрүҙән йылғаһы буйындағы егерме дүрт ауылды берләштергән «Һарғамыш» совхозы төҙөлдө. Хужалыҡтың үҙәге Арҡауыл ауылында урынлашты. Етегәндә ете йондоҙ тигәндәй, бында ете бүлексә төҙөлдө. Йәш шағир Рәми Ғарипов тыуған төйәгенә йәшәргә ҡайтыу менән, совхоздың комсомол комитеты секретары итеп һайланды.
Эйе, беҙ, комсомолецтар, секретарҙың шағир булыуы менән сикһеҙ ғорурландыҡ. Уны тәү күреүҙә үк яраттыҡ. Сөнки ул иҫ киткес яғымлы, кеселекле, әҙәпле һәм талапсан етәксе булыуын күрһәтте. Йыйылышта үҙенең сығышын:

Ҡайттым мине кеше иткән кешеләргә,
Улар менән бергә эшләргә,
Бергә ҡыуанырға, ҡайғырырға,
Бер һүҙ менән әйтһәң – йәшәргә, –

тип башлап ебәрҙе. Шунда ауылдың тәүге коммунисы, коллектив хужалыҡ ойоштороусы Хөснөтдин Яппаров:
— Рәхмәт, улым, ата-әсәңә оҡшап изге күңелле икәнһең, әсәйең Гөлмәрйәм районда беренсе ураҡсы булды, атайың Йәғәфәр ысын коммунист ине. Яу яланында ятып ҡалды, ил азатлығы, халыҡ, киләсәк быуын бәхете өсөн һәләк булды. Һине күрһә, ҡайһылай ҡыуаныр, ғорурланыр ине, ундай бала йөҙгә берәү була бит ул, – тине, тулҡынланып.
Рәми Ғарипов та яуапһыҙ ҡалманы.
— Минең иң ҡәҙерле кешеләрем – ата-әсәйем хаҡында шундай йылы һүҙҙәр әйтеп ҡыуандырғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, бабай, – тип ҡуйҙы.
Йыйылышта коммунист Саҙрый Ғәббәсов, Хәтмулла Фәхретдинов, Ғиниәт Ғәббәсов, Бәҙретдин Ғәйнетдиновтар кеүек башҡа ветерандар ҙа, шағир һүҙҙәренән ҡанатланып, ярһып һөйләне, йәштәргә файҙалы кәңәштәр бирҙе.
һуңынан Рәми Ғарипов былай тине:
— Ҡыҙҙар, егеттәр! Беҙҙең барыбыҙға ла уҡырға, эшләргә, төҙөргә, ижад итергә кәрәк. Әгәр шулай йәшәй алмайбыҙ икән, ғүмеребеҙ буйына намыҫыбыҙ ғазаплаясаҡ...
Йыйылыш көндө ул байтаҡ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, ләкин бер кем дә уны тыңлауҙан туйманы. Йәшел тышлы, ҡалын ҡатырғалы блокнотында әллә күпме шиғырҙар яҙылғайны. Шағир үҙе лә кешеләрҙе тыңлай белде, уларҙың һөйләгәндәренән үҙенә кәрәклеләрҙе блокнотына теркәй бара торғайны. Комсомол йыйылыштарында ҡайһы берәүҙәр сығыш яһағанда, рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып, йә белер-белмәҫ телдәре менән русса һөйләргә ярата ине. Район комсомол пленумдарында, конференцияларҙа, бүтән төрлө йыйылыштарҙа ла шундай ораторҙар күп булды. Уларҙы Рәми Ғарипов, йәне көйөп, ризаһыҙлыҡ менән тыңлар ине.
Оҙаҡ көттөрмәй, октябрь айы ла килеп етте. Совхоз комсомол ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһы бара. Президиумда йәш хеҙмәт алдынғылары, ветерандар, комсомолдың район комитеты вәкилдәре... Залда – йөҙәрләгән делегат. Отчет доклады менән Рәми Ғарипов сығыш яһай. Доклад тексын ул русса әҙерләһә лә, башҡортса һөйләп аңлатты. Дөрөҫөрәге, конференцияла рустар ҙа ҡатнашыу сәбәпле, секретарь ике телдә һөйләне. Ә доклад тәнҡит күҙлегенән сығып төҙөлгәйне. Яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу осоронда етешһеҙлектәргә юл ҡуйған һәм уларҙы бөтөрөүҙә ҡыл да ҡыбырлатмаған етәкселәргә, комсомолецтарға, коммунистарға һәм башҡаларға шиғри һүҙле әсе тәнҡит яңғыраны. Мәҫәлән, «Ҡашҡа ат бәләһе», «Директор бойора...», «Сусҡаларға ни булды?» (Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә совхоз директоры Көҫәпәй бригадаһындағы сусҡа фермаһы мөдиренә сусҡаларҙы яланға ҡыуырға бойороҡ бирә. Ҡыуған саҡта көслө эҫелә ауыл урамдарында бик күп сусҡа янып үлә. Аҙаҡтан, үлгән сусҡаларҙы машиналарға тейәп, ҡайҙалыр оҙаталар. Шағирҙың шиғыры нәҡ шул саҡта тыуғайны.) «Кәзә» һуғалар клубта», «Получка алғас...», «Ғәйеп булған комбайн» (был шиғыр Мәсетле бүлексәһендәге бер комбайнерҙың бункеры тулы иген менән күрше ауылға китеп юғалыуы тураһында ине. Баҡһаң, ул игенде урлап һатып йөрөгән икән. Хәрәмдән килгән аҡсаға араҡы алып, эскелек менән шөғөлләнгән), «Герой тыуған ауыл, тиҙәр» (Советтар Союзы Геройы Абдрахман Ғәйфуллиндың тыуған ауылы Яубүләккә иғтибар булмауы, «перспективаһыҙҙар» рәтенә индерелеүе, вазифалы етәкселәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында), «Эх, Таймый юлдары» (Арҡауыл менән Таймый ауылы араһындағы юлдың ифрат насар булыуы арҡаһында шағир Таймыйҙа үткәреләсәк сираттағы комсомол йыйылышына һуңлай) тигән һәм башҡа бит күп сатирик һәм юмористик шиғырҙары аша етешһеҙлектәрҙе фаш итте. Тәнҡит утына эләккәндәр урындарында ултырып сыҙаманы, ярһып ҡысҡырына башланы. Улар, репликалар ташлап, телмәрҙе русса ғына һөйләүен талап итте. Әммә аптыраманы шағир, русса ла һөйләне. Ә беҙ, комсомолецтар, уның юғалып ҡалмауына, оҫта итеп һөйләй алыуына ҡул саптыҡ.
Тап бына шул комсомол конференцияһында Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Шулай итеп беҙ, ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр шундай шау-шыулы йыйылышта ҡатнаштыҡ, күптәр сығыш яһаны, тәғәйен ҡарарҙар ҡабул иттек. Шуныһы ҡыуаныслы ине: туған телебеҙҙә иркен сығыш яһауға ирештек. Конференцияла комсомол комитеты секретары итеп Р. Ғарипов, комитеттың яңы составы һәм район комсомол конференцияһына делегаттар, редколлегия һайланды. Был иҫтәлекле йыйылыш беҙҙең быуын кешеләре күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Шағирҙың ҡатыны Надежда Васильевна Ғарипова совхоз контораһында секретарь-машинистка булып эшләй торғайны. Ул совхоздың «Комсомол тормошо» гәзите, «Крокодил» сатирик гәзите өсөн ҡулдан яҙылған мәҡәләләрҙе, комсомол комитеты ултырыштары, комсомол йыйылыштары ҡарарҙарын баҫты.
Совхоздың бөтә ете бүлексәһендә лә (Арҡауыл, Мәсетле, Таймый, Иҙелбай, Ахун, Һарғамыш) комсомол йыйылыштары, бюро ултырыштары йыш булып торҙо. Бер нәмә лә исем өсөн эшләнмәне, үтәлерлек ҡарарҙар ғына ҡабул ителде. Мәсетле бүлексәһенең тәүге комсомол ойошмаһының эшенән бер нисә миҫал килтерәйек.
Малсылыҡта кадрҙар етешмәй, булғандары ла ҡарт-ҡоро. Ә ауылда күпме йәштәр бар, ләкин береһе лә фермаға эшкә барырға теләмәй. Ауыр хәл килеп тыуҙы: совхоз малын ҡарарға кеше юҡ. Шул саҡ Рәми Ғарипов миңә һәм комсомол ағзаларына йыйылыш әҙерләргә, хәлдәрҙең торошо менән танышырға, ауылда күпме йәштәр барлығына иҫәп алырға ҡушты, шағир үҙе лә ситтә ҡалманы, ярҙамлашты. Контора алдына ҙур, матур итеп белдереү яҙып эленде. Ике ауыл – Мәсетле, Көҫәпәй ауылдары йәштәренә айырым-айырым саҡырыу ҡағыҙы (башҡортса яҙылғайны) ебәрҙе. Билдәләнгән сәғәткә барыһы ла йыйылғайны инде. Йыйылыш үҙ ваҡытында башланды. Шул йыйылышта Мәүлиҙә Басирова, Зира Шәрәфетдинова, Рәфис Латипов, Кәбир Нәжмиев, Мәрфуға Нәфиҡова, Жәүит Латипов, Миңлеямал Ямалиева, Фәйрүзә һаҙыева һәм башҡалар малсылыҡҡа эшкә барырға, һауынсы, малсы, сусҡа ҡараусы булып эшләргә һүҙ бирҙе.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Икенсе көндө барыһы ла фермала ине инде. Хәҙер уларҙың күптәре оҫта малсы, һауынсы, хеҙмәт ветераны. Әлеге йыйылыштан һуң, алдан әҙерлек буйынса, төрлө уйындар ойошторолдо. Был уйында еңеүселәргә китаптар, блокнот, авторучкалар бирҙек. Ә китаптар, блокноттарҙы Рәми Ғарипов менән үҙ аҡсабыҙға һатып алдыҡ. Бындай йоғонтоло йыйылыш һәм мауыҡтырғыс кисә ауылда булғаны юҡ ине әле. Барыһы ла ҡәнәғәт булып ҡалды. Шул көндө ауыл өҫтөндә гармун моңо,
йәштәрҙең шат тауыштары төн ауышҡансы тынманы. Шулай итеп, комсомолецтар был йыйылыштан бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, рухи аҙыҡ алды. Шау-шыулы йыйылыштарҙан һуң күптәр фермаларға һауынсы, малсы, сусҡа ҡараусы булып эшкә килде. Ә эшкә барырға теләмәгәндәре, илке-һалҡы эшләгәндәре, эшкә яуапһыҙ ҡарағандары көслө тәнҡит утына эләкте. Мәҫәлән, Мәхмүт ауылында йәшәүсе бер ҡыҙ башта совхоздың комсомол комитеты ултырышында (мин ул саҡта комскомитет ағзаһы, Мәсетле бүлексәһенең комсоргы инем) тикшереүгә ҡуйылды, бер ҙә һығымта яһарҙай булмағас, Рәми Ғарипов «Комсомол тормошо» стена гәзитендә шиғри юлдар менән тәнҡитләп сыҡты. Һуңынан ул үҙенең хатаһын аңланы һәм бары хеҙмәттә генә үҙ бәхетен тапты.
Арҡауыл ауылынан Кенә Зарипова ла егәрле йәштәрҙең береһе ине. Оҙаҡ йылдар сусҡа ҡараусы булып, намыҫлы эшләп, халыҡтың, әхирәттәренең ихтирамын яуланы: бер нисә тапҡыр Арҡауыл ауыл советы депутаты итеп һайланды, совхоз һәм район чемпионы булды, хөкүмәт билдәләре менән бүләкләнде. Ҡыҫҡаһы, алдынғы хеҙмәт кешеһенең урыны түрҙә була инде. Ә Кенә Зарипова өлгөһөнә эйәреп, күпме ҡыҙҙар-егеттәр сусҡа фермаһына эшкә килде.
Һарғамыш бүлексәһендә лә эштәр яйға һалына башланы. Әйткәндәй, шул бүлексә зоотехнигы, комсомол ойошмаһы секретары, һәүәҫкәр шағир Марс Закиров (уның «Йүрүҙән» тигән шиғырына һәүәҫкәр композитор В. Мөхәмәҙиев көй яҙған. Был йырҙы йырламаған кеше юҡтыр ул) Рәми менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Шиғри йөрәкле, намыҫлы бындай кешеләр менән тау күсерергә мөмкин, тиер ине шағир. Рәми заманында тәүге хеҙмәт юлын башлаған Мария Яковлевна ла һарғамыш бүлексәһендә генә түгел, бәлки районда, республикала танылды. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнде, бер нисә саҡырылыш рәттән ауыл һәм район Советтары депутаты итеп һайланды. Әйткәндәй, Һарғамыш ауылында төрлө милләт халҡы бер туғандай татыу йәшәй һәм эшләй ине. Рәми хөрмәт иткән Марс Закиров оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙа эшләне, әлеге көндә ул – «Торналы» совхозында мал аҙығы әҙерләү буйынса директор урынбаҫары.
Рәми Ғарипов үҙ ваҡытында дуҫы Марс Закировҡа арналған «Ҡыҙ тыуғас» тигән шиғырында:

Малай ғына көтөп йөрөгәндә,
Бисәкәйең һиңә ҡыҙ тапты!
Ҡыҙың менән ҡотлап, бына һиңә
Бүләк итәм ошо китапты.
Тыумаһалар шиғырҙарың, көймә!
Күберәк ижад ит һин ҡыҙҙарҙы.
Үҫеп һылыу булғас, шағирҙар бит,
Шиғыр яҙыр, маҡтап уларҙы!.. –
тигән юлдар яҙҙы, уның күңелен күреп.

Иҙелбай бүлексәһенән район гәзитенең актив хәбәрсеһе, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны умартасы Мәғәфүр Йәғләмүнов шағирҙы тәү күреүҙә үк оҡшатып, уның менән ихлас әңгәмәләшкән. Умарталығы менән таныштырғас, Рәмиҙең йылмайыулы ҡарашы, йылы һүҙе, бүләк итеп биргән «Таш сәскә» китабын уҡып рухланған Мәғәфүр ағай һәр саҡ дәртләнеп эшләр, йәшәү мәғәнәһен аңлап йәшәр булды. Ул ғынамы ни әле, комсомол йәшендә булмаһа ла, ауылда комсомол эшен йәнләндереүҙә, төрлө саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты, ярҙам итте.
Мәсетле бүлексәһендә лә комсомол тормошо шаулап-гөрләп торҙо. Тәүге ойоштороу йыйылышынан һуң, ҡарарҙарҙың үтәлеше ныҡлы контролгә алынды. Бының өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнде. Һүҙ юҡ, ҡарарҙар аныҡ үтәлде. Фермала эшләүсе йәштәр ҙә һынатманы. Улар айҙан айға яҡшы күрһәткестәргә иреште. Әйтәйек, Таймый ауылынан килен булып төшкән Рая Носратуллина-Рәхимова һауынсылар араһында социалистик ярышта еңеүсе булды. Башҡалар ҙа алдынғылар өлгөһөндә эшләп, ферманы көрсөктән сығарҙы.
Йәштәрҙе эшкә ылыҡтырыу һөҙөмтәһендә Мәсетле һөтсөлөк фермаһы комсомолец-йәштәр фермаһы тип аталды. Рәми алдынғы эшселәрҙе күрмәй ҡалманы: улар хаҡында, шул иҫәптән Рая Рәхимова тураһында «Комсомол тормошо» гәзитендә бик йылы итеп яҙып сыҡты. Ә район гәзитендә минең «Йәштәр һынатмай» тигән мәҡәләм донъя күрҙе. Шулай итеп, йәмәғәтселек фекере тыуҙырылды. Раяның тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланды: ул ҡиммәтле әйберҙәр, маҡтау грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнде. Ире Абзал Рәхимов та уңған механизатор ине, алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Хәҙер ул башҡорт ҡымыҙы бешеү оҫтаһы. Мәсетле бүлексәһендә Рәми йоғонтоһо менән күпме һоҡланғыс малсылыҡ кадрҙары үҫеп сыҡты. Улар – Мәүлиҙә Басирова, Тәслимә Ғәйнетдинова, бер туған Зира һәм Рәфинә Шәрәфетдиновалар, ирле-ҡатынлы Рәфис менән Мәрфуға Латиповтар һәм башҡалар. «Һарғамыш» совхозының комсомол комитеты исеменән бөтә алдынғы һауынсылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр – китаптар менән бүләкләнде. Улар араһында Рәмиҙең автографы яҙылған – «Таш сәскә» китабы, Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», «Емеш», «Оло Эйек буйында» романдары, Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ», Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романдары, Әнисә Таһированың «Ҡоралай» шиғырҙар йыйынтығы, Сергей Есениндың шиғырҙар китабы һәм башҡа баҫмалар бар ине. Ҡайһы берәүҙәр: «Китап та булдымы бүләк», – тиерҙәр. Рәми өсөн иң ҙур, ҡиммәтле бүләк китап ине. Шуға ла:

Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет
Китап ҡәҙерен белгән кешегә, –

тип яҙҙы «Бәхет» тигән шиғырында.
Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә, эскеселәрҙе айнытыуҙа, вайымһыҙҙарҙы уятыуҙа совхоздың «Комсомол тормошо» стена гәзите, сатирик «Крокодил», «Терпе» гәзиттәре ҙур роль уйнай торғайны. Шундай бер ғибрәтле хәлде яҙмау мөмкин түгел. Беҙҙең Мәсетле бүлексәһендә «Крокодил» сатирик гәзите даими сығып килде. Редколлегияһы Р. Ғарипов ҡатнашлығында һәм туранан-тура ойоштороуында һайланғайны. Маҡтанмайым, сатирик гәзиттең йоғонтоһо көслө булды, көлкөгә ҡалмаҫ өсөн, күптәр һаҡ йөрөнө. Гәзитебеҙҙең сираттағы һанында бер төркөм эскеселәр, прогулсылар, ауыл советы рәйесе әсе тәнҡит утына тотолғайны. Мәсетле бүлексәһе контораһы алдында элеүле торған гәзит эргәһенән көнө буйына кеше өҙөлмәне. Ә иртән тороуға ул юҡ ине инде. Баҡһаң, тәнҡитте ҡабул итмәгән ауыл советы рәйесе гәзитте алған да, минең өҫтән парткомға, Рәми урынында ҡалған секретарға ялыу яҙып биргән, ялыуының аҙағында: «Ғәббәсова вазифаһын башҡара алмай, уға ҡаты шелтә иғлан итеп, эшенән бушатыуҙы талап итәм», – тип ҡуйған. Ул саҡта Рәми Ғарипов, шул тиклем ҡыйырһытылыуҙарға (әлбиттә, түрәләр яғынан) түҙә алмайынса, Арҡауылдан Малаяҙға күсеп китеп, район гәзитендә эшләй башлағайны. Мин был хаҡта Рәмигә хәбәр иттем, ул мине ярты һүҙҙән аңланы. Кәйефе ҡырылды ҡырылыуын, шулай ҙа күңелде күтәрҙе. Һуңынан район гәзитендә «Илгизәр Ҡармаҡлин» имзаһы менән «Крокодил» ғәйеп булды» тигән фельетон баҫылып сыҡты.
Коммунист булмаһам да, рәйестең ялыуы буйынса мине партком ултырышында тикшерҙеләр. Совхоздың партком секретарының ултырышты нисек алып барыуы, сатирик гәзитте партком ағзаларына (карикатураһы шәп ине!) күрһәтеп аңлатыуы һәм партком ағзаларынан совхоз директоры Р. Кинзиндың, баш зоотехник М. Пиндюриндың (хәҙер мәрхүм инде) һәм башҡаларҙың мине ҡыҫымға алыуы, шелтә сәпәүҙәре бөгөнгөләй хәтеремдә. (Шунан мин дә күп торманым, уҡырға киттем.) Алдан төшөп шуны әйтәм: хаҡлыҡ тантана итте.
Рәмиҙең ҡатыны Надежда Васильевнаға мең рәхмәтлебеҙ. Ниндәй генә ауыр хәлдәрҙә лә (Рәми менән Надя контораның бәләкәй генә бер мөйөшөндә йәшәне, бүлмә ҡыҫынҡы, китаптар менән тыңҡыслап тултырылһа ла, бүлмәнән нур бөркөлөп тора торғайны) ул тыныс холоҡло, алсаҡ ҡатын-әсә булып ҡалды. Әгәр Рәми өлгөрмәһә, стена гәзите өсөн ҡулдан яҙылған мәҡәләләрҙе, шиғыр юлдарын машинкала баҫып, шуларҙы бағаналап сираттағы гәзит битенә йәбештерер ҙә, стенаға элеп ҡуйыр ине. Надя бер ҡасан да, бер кемгә лә йөҙ сөйөрмәне, изге уйлы кешеләргә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торҙо.
Йәйге көндәрҙең береһендә шәмбе өмәһе ойошторолдо: халыҡ, шул иҫәптән йәштәр ҙә, бесән йыйырға, күбәләргә, кәбән ҡойорға сыҡты. Күмәк көскә эш сыҙаймы ни, бер нисә урында мөһабәт, күркәм кәбәндәр ҡалҡып сыҡты. Нәҡ төш алдынан, күк атына атланып, Рәми Ғарипов килеп етте. Атын үләнгә ебәрҙе лә, үҙе кәбәнселәргә яҡынлашты һәм шундай кинәнес менән юғарыға кәбән ослаусыға бесән ырғытырға тотондо. Маңлайынан тир аға, сәс бөҙрәләренә, тәненә бесән вағы ҡойола, үҙе шундай ихлас йылмая. Һуңынан бер ағас күләгәһенә барып ултырҙы ла блокнотына ниҙер яҙа башланы. Ә бесәнселәр төшкө ашҡа туҡтағас, «Тыуған төйәк» тигән шиғыр һөйләргә тотондо:

Ебәрҙем дә атты күк үләнгә,
Еләк тирәм үҙем сүгәләп.
Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр,
Тирә-яғым тулы күбәләк...

Уның шиғырҙарын, әңгәмәләрен тыңлау бәхетенә ирешкән өлкән апайҙар әле лә шағирҙы һағынып иҫкә ала. Ғүмеребеҙҙең иң матур, сағыу миҙгеле – нәҡ уның менән аралашҡан, илһамланып эшләгән, кешеләргә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерәм, тип янып-көйөп йәшәгән йылдар улар.
Салауат районындағы ике ауылды – Көҫәпәй һәм Мәсетле ауылдарын урталай бүлеп аҡҡан Йүрүҙән йылғаһы йырҙарҙа данлап йырланһа ла, кешеләргә ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ике мең гектар самаһы сәсеүлек ере булған Көҫәпәйҙә яҙғы-көҙгө баҫыу эштәре бик ауырлыҡ менән бара торғайны (әле лә шулай). Бөтә эшсе көсө, техника, яғыулыҡ Мәсетлелә, йүнсел хужа баҫыу эштәренә кәрәк-ярағын алдан әҙерләп ҡуйыу тураһында хәстәрлек күрә. Йыш ҡына киреһе лә килеп сыға ине. Әйтәйек, сәсеүҙең иң ҡыҙған мәлендә яғыулыҡ, орлоҡ бөтөп ҡуя. Эш туҡтап ҡала. Көнө йылды туйҙырған саҡ. Борсоулы хәл Рәмигә еткерелә. Ул Мәсетле бүлексәһенә кисекмәйенсә килеп етә, управляющий менән һөйләшеп, ауыр хәлдән сығыу юлын таба. Йүрүҙән йылғаһы ярына бер нисә мискә яғыулыҡ, бер нисә тоҡ орлоҡ килтерелә. Йылға ташҡын. Килтерелгән нәмәләрҙе күп михнәттәр менән паромға тейәнеләр. Рәми Ғарипов та шунда мәж килә. Уң яҡ ярға инде еттек тигәндә, көслө дауыл тросты өҙә, ә паром ағым ыңғайына аға башланы. Ике яҡ ярҙа ла кешеләр ҡысҡырыша. Нимә тип ҡысҡырғандарын һис аңларлыҡ түгел. Ә Рәми үҙен тыныс тоторға тырыша. Ике яҡтан да кәмәләр паромға табан йөҙә башланы. Һүҙ юҡ, ишкәкселәр ҙә көслө. Паром һай урынға килеп терәлгәс (ә ул байтаҡ ағып өлгөргәйне инде), сәсеү кәрәк-яраҡтарын һаҡ ҡына кәмәләргә тейәп, имен-аман ярға сығарып бөттөләр. Хәүефле эштә Наил ағай (Яубүләк ауылынан ине, фамилияһы хәтерҙә ҡалмаған), Сабир ағай Хәжипов, Әбдразаҡ ағай, Ғиниәт ағай һәм башҡалар тәүәккәл, ҡыйыу эш итте. Бындай мәхшәрҙә тағы кемдәр булғандыр, исем-фамилияларын атай алмайым. Шулай итеп, комсомол комитеты секретарының үҙ ваҡытында сара күреүе, оператив ярҙам күрһәтеүе арҡаһында Көҫәпәйҙә сәсеү дауам итте. Быларҙың барыһы өсөн дә төп ғәйеплеләр Рәмиҙең үткер ҡәләменә эләкте.
Үрҙә әйтеп үткәнемсә, баяғы йыйылыштан һуң күп кенә йәштәр малсылыҡҡа эшкә килде. Көҫәпәй сусҡасылыҡ фермаһының эше мөшкөл, комсомол ҡушыуы буйынса эшкә килгән ҡыҙҙар хеҙмәт шарттары насар булыуға, етәкселәр, айырыуса мөдир яғынан яуаплылыҡ етешмәүгә зарлана ине. Беҙ Рәми Ғарипов менән ферманың ҡыҙыл мөйөшөндә һөйләшеп ултырабыҙ. Шунда Рәми:
— Зилә, иртәгә район үҙәгендә актив йыйылышы була, һин шунда сығыш яһарға әҙерлән. Әҙерләнеп бөткәс, сығышыңды миңә күрһәтерһең, – тине.
— Ғәфү итегеҙ, мин русса һөйләргә ҡыйынһынам, – тигәс, ул:
— Башҡортса иркенләп һөйлә, – тип күңелемде күтәрҙе.
Дөрөҫ, минең сығышым президиумдағыларҙа, залдағыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, сөнки, беренсенән, сығышым башҡорт телендә ине, икенсенән, етәкселәр һәм эшкә яуапһыҙ ҡараған ҡайһы бер башҡа кешеләр ҙә тәнҡитләнде. Бер мәл трибуна артында юғалып ҡалдым. Шулай ҙа алғы рәттә ултырған Рәми Ғариповтың ҡараштары менән осрашҡас, үҙемде ҡулға алдым, сығышымды дауам иттем. Һүҙемде йомғаҡлап, уның янына килеп ултырғас:
— Маладис, яҡшы һөйләнең, – тип күңелемде күтәргән булды.
Ҡайҙа инде ул кәйеф булыу! Ораторҙар бер-бер артлы трибунаға күтәрелеп торҙо, «шартлатып» һөйләй торҙо. Ләкин уларҙың береһе лә тыңлаусыларҙың иғтибарын йәлеп итә алманы. Рәми Ғарипов үҙен нисек хис иткәндер, ә мин башҡортса сығыш яһауымдан бик түбәнһенеп, уңайһыҙланып ултырҙым. Шул саҡ Рәми трибунаға күтәрелеп:

Әсәм теле миңә – сәсән теле, –
Унан башҡа минең халҡым юҡ;
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ! –

тип әйтеп һалмаһынмы! Бөтә зал геү килде. Ул шундай матур итеп башҡортса һөйләне, башҡалар өсөн тәржемәнең кәрәге лә булманы. Уның ана шул йыйылышта һөйләгәне
район түрәләренә, «Йүрүҙән» совхозы етәкселәренә лә оҡшаманы. Ләкин ниндәй генә ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға осрамаһын, ул һәр саҡ шат күңелле, кешелекле, ярҙамсыл булып ҡалды. Эйе, башҡорт халҡының төп рухи байлығын, мәғәнәһен тәрән аңлап, туған телдең – әсә теленең бөйөклөгөн иҫбат итте шағир.
Уның йөрәге, юғары гражданлыҡ, кешелеклелек, ҡаһарманлыҡ өлгөләрен сағылдырып, бөгөн дә типкән кеүек.

«Янып сыҡһын һүҙем-йәшенем»

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡыған һайын, үҙеңде яңы гүзәл донъя менән осрашҡан, уның үҙен күреп һөйләшеп торған кеүек тояһың. Шуға ла мин Рәмиҙе, ҡағыҙға теркәлгән ысын исеме булғанға тиклем үк, ысын халыҡ шағиры, дала йырсыһы итеп күҙ алдына килтерә инем. Эйе, «мин һеҙҙеке, сөнки һеҙ минеке, һағыныуым, күңел нурым һеҙ, йырланасаҡ матур йырым һеҙ», – тип юҡҡа ғына әйтмәгәйне шағир яҡташтарына.

Бөркөт – күктә, суртан һыуҙа тере,
Ир ҙә тере илгә ҡушылһа...
Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше,
Йөҙмәҫ балыҡ, осмаҫ ҡош булһа? –

тип киҫәтте ул йәштәрҙе.
Рәми Ғарипов ауылдарҙа йәштәрҙең уй-кисерештәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды, уларҙың һәммәһен дә яҡын туғандары һымаҡ яратты. Тормошта хаталаныусыларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыуҙа, һәр шәхесте саф намыҫлы, күркәм кеше итеп күрергә тырышты. Уның ижади үҫешенә ауыл үҙе лә ыңғай йоғонто яһаны; тау артынан яңы күтәрелгән ҡояш нур һипкән кеүек, шағирҙың фекере баҙыҡлана, тослана, ҡәләме шымара барҙы.

Яҙам-яҙам!.. Хыялланам һаман,
Янам-янам бергә шәм менән.
Көндөҙ атта эйәр ҡырған тәнде
Яҙылдырам ошо йәм менән, –

тип йырланы шағир.
Уның менән осрашып һөйләшеү үҙе бер ғүмер була торғайны. Ауырлыҡ төшкән саҡтарында ул үҙ ҡайғыһын белдермәҫкә, ә кеше хәсрәтен бөтә күңелен биреп уртаҡлашырға, дуҫына ла, таныш булмағандарға ла яҡты йөҙөн, йылмайыуын күрһәтергә тырышыр ине. Бындай сифаттар уға тыумыштан бирелгән булғандыр, моғайын.
Беҙҙең Мәсетле ауылы йәштәре шағирҙы ишетеп белһәләр ҙә, күреп танышҡандары юҡ ине әле. Яҙыусы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы бара ине. Китапханаға таныш булмаған бөҙрә сәсле, көләс йөҙлө һөйкөмлө кеше килеп керҙе. Ул барыһы менән дә баш ҡағып иҫәнләште лә мөйөштәге ултырғысҡа килеп ултырҙы. Артабан нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдыҡ. Конференцияны дауам итергәме, юҡмы? Беҙҙең уңайһыҙ хәлдә ҡалғанды һиҙеп, ул баҫты ла:
— Мин һеҙҙең секретарығыҙ Рәми Ғарипов булам, бына ҡайҙа осраштыҡ. Зәйнәб Биишева апай минең дә яратҡан, хөрмәт иткән яҙыусым. Китаптарын яратып уҡыйым. Ә бына уның китабы буйынса үткәрелгән конференцияға тәүләп юлыҡтым. Миңә иғтибар итмәгеҙ, – тип тынысландырҙы беҙҙе. Арабыҙҙағы бер ҡыҙ түҙмәне, күршеһенең ҡолағына: «Ул – шағир», тип бышылдап ҡуйҙы. Быны бүтәндәр ҙә абайлап ҡалды, шикелле. Күптәрҙең ҡарашы уға төбәлгәйне. Күпмелер шулай ултырғас, ошо яңы секретарыбыҙ З. Биишева ижады, тормошо тураһында үҙе һөйләмәһенме! Баҡһаң, беҙ китаптары буйынса ғына белгән яҙыусы Зәйнәб Биишева тормош иптәше Ғәзиз Әминев менән беҙҙең район гәзитендә эшләгән икән дә баһа. Шулай итеп, Рәми йәштәр менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Конференция дауам итте. Китап уҡыусылар «Кәмһетелгәндәр»ҙең ыңғай һәм кире образдарына ентекле анализ яһаны, төплө фекерҙәр әйтте. Һуңынан мин конференцияға йомғаҡ яһаным. Аранан берәү киләһе конференцияны һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса үткәрергә тәҡдим итте. Тәҡдимде бында йыйылыусыларҙың көллөһө лә хуплап ҡаршы алды. Комскомитет секретары: «Киләһе конференцияғыҙҙа мин дә мотлаҡ ҡатнашасаҡмын», – тип ышандырҙы. Ысынлап та, ул һүҙендә торҙо, конференцияла ҡатнашыусылар шағирҙың һәҙиә Дәүләтшина ижады хаҡындағы мауыҡтырғыс сығышын ҙур иғтибар менән тыңланы. Бөтә китапханаға бер генә китап икәнлеген белгәс, ул йәштәр өсөн йәнә биш-алты китап һатып алып килтергәйне. Был китаптарҙы конференцияла сығыш яһаясаҡ уҡыусыларға таратып бирҙек...
— Һ. Дәүләтшина менән З. Биишева – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы, – тиер ине ул.
Шулай уйламағанда, көтмәгәндә Рәми Ғарипов беҙ үткәргән конференцияларҙа иң актив ҡатнашыусы булды. Һуңынан бәләкәй генә концерт ҡуйҙыҡ. Берәүҙәр йырланы, икенселәре бейене, шиғыр һөйләне. Кем ниндәй номер башҡармаһын, комскомитет секретары ихлас яратып ҡараны. Рәми Ғарипов үҙе лә сәхнәгә менеп «Бына минең тыуған ер был» тигән шиғырын һөйләп ишеттерҙе:

Бына минең тыуған ер был –
Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән...
Тыуып-үҫкән, һыуын эскән
Ерем минең!.. Һине күреүҙән
Күм-күк үләнеңә ятып,
Туйғансы бер килә илағым.
Ҡая таштарыңа менеп,
Бер ҡысҡырып килә йырлағым... –

тине шағир, тулҡынлана-тулҡынлана, һуңғы һүҙенә баҫым яһап.
Шунан ул:

Йырла, егет, киреп киң
күкрәгең,
Яңғыратып Урал буйҙарын.
Ҡайҙа ла һайрай һары ла
һандуғас?
Һыу буйҡайҙарында, туғайҙа...

тип халыҡ йырын һамаҡлағанда оҫта баянсыбыҙ Тельман Садиҡов (хәҙер мәрхүм инде) тейешле аккордты табып, әкрен генә ҡушылып уйнаны... Рәми Ғарипов һамаҡлап бөттө лә:
— Мин Мәғәфүр ағай кеүек булдыра алмайым инде, – тигән булды, йылмайып.
Конференциянан, кисәнән барыбыҙ ҙа рухланып-ҡанатланып ҡайттыҡ, иртәгеһе хеҙмәт көнөнә көс һәм дәрт алдыҡ.
Китапханала эш көнө ине. Тынлыҡ. Берәүҙәр гәзит-журнал уҡый, икенселәре кәштәләрҙән китап һайлай. Мин «Боевой листок»тың сираттағы номерын сығарып ултырам. Эш күп, барыһына ла өлгөрөргә: малсылар, механизаторҙар янына барырға, улар менән әңгәмәләр, политинформациялар үткәрергә, гәзиттең сираттағы һанын элергә, клубта культура сараһын ойошторорға, стенд-плакаттар эшләргә, лозунгылар яҙырға кәрәк... Бына шулай мәж килеп ултырғанда, Рәми Ғарипов килеп керҙе лә, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, комсомол ойошмаһының эше, пландары менән ҡыҙыҡһынды, нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирҙе. Шунан ул, ситтәге бер ултырғысҡа ултырып, блокнотына ниҙер яҙа башланы. Һүҙ юҡ, китапхана зауыҡ менән биҙәлгәйне, китаптарға ла бай ине. Һиҙеп-күреп торам: стенд-плакаттарҙы ҡарай, лозунгыларға күҙ һала. «Терпе»нең сираттағы һанын уҡый. Шунан кәштәләр эргәһенә килеп китап ҡарай башланы. Хәтеремдә, ул беҙҙең китапхананан В. Далдең һүҙлеген, С. Есенин, В. Скотт томдарын яҙҙырып алды, ә тағы өс айҙан, шул китаптарҙы уҡығандан һуң, «Русса-башҡортса һүҙлек», С. Айтматов китабын, Р. Ғамзатовтың шиғырҙар йыйынтығын һорап алды.
Китапханаға килгән йәштәр ҡайтып бөткәйне. Икәүҙән-икәү генә ҡалғас, Рәми тыныс ҡына ҡиәфәттә:
— Һеҙҙең ауылда нисә рус, нисә башҡорт йәшәй? Китапхананан нисә кеше китап алып уҡый, улар һинең менән русса һөйләшәме, әллә башҡортсамы? – тип һораны минән. Мин юғалып ҡалдым, ахырыһы, уның һорауҙарына төплө яуап бирә алманым. Нисә китап уҡыусы барлығын әйтһәм дә, бүтән һорауҙары яуапһыҙ ҡалды. Оялыуымдан минең ике битем ут кеүек янды, ыҡ-мыҡ иттем, шунан үҙем дә һиҙмәҫтән илап ебәрҙем. Ә бит мине районда өлгөлө китапханасы, тип йөрөтәләр. Бына бит нисек. Рәми ҙә аптырап ҡалманы:
— Ҡаты бәрелмәнем, шикелле, ғәфү ит, һиңә әйтергә теләгән һүҙем шул: һеҙҙә башҡорттар йәшәй бит, китап уҡыусыларыбыҙ ҙа башҡорт, конференцияларығыҙ ҙа башҡортса үтә. Ә ни өсөн стенд-плакаттарығыҙ русса эшләнгән, лозунгыларығыҙ русса яҙылған? Уларҙы башҡортса яҙырға кәрәк, Зилә, – тип тынысландырҙы.
Шул арала китапханаға бер механизатор килеп ингәйне. Ул уҡыған китабын тапшырҙы ла икенсеһен һайлай башланы.
Рәми Ғарипов:
— Русса китаптар уҡыйһыңмы? – тип һораны унан.
— Юҡ, мин русса яҡшылап белмәйем дә.
— Тимәк, русса китапты күберәк уҡырға кәрәк, белерһең. Ә бына стеналағы стенд-плакатта нимә тип яҙылған?
— «Вино любишь, сам себя губишь...» – тиелгән.
— Ә мәғәнәһен аңланыңмы?
— Юҡ...
— Араҡы шешәһен ҡосаҡлаған ҡыҙыл танауҙы күрәһеңме?
— Күрәм дә ул...
Китап уҡыусы сығып киткәс, Рәми Ғарипов минең менән бик етди һөйләште. Һүҙ туған тел, мәҙәниәт, матур йолалар тураһында барҙы, шуларға арнап төрлө саралар үткәрергә тырышырға, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләргә кәрәклеге хаҡында файҙалы кәңәштәр бирҙе.
— Бындағы, ҡыҙыл мөйөштәге, контора һәм ырҙын табағындағы лозунгыларҙы, стенд-плакаттарҙы башҡортса яҙылғандарына алмаштырырға кәрәк. Бының өсөн материалдар табырға үҙем ярҙам итермен, – тине ул.
Артабан китапхананы, клубты, ҡыҙыл мөйөштәрҙе башҡортса яҙылған стенд-плакаттар, лозунгылар менән йыһазландыра, бөтә төрлө сараларҙы башҡортса ойоштора башланыҡ.
Күпмелер ваҡыттан һуң, ошо уҡ китапханала Рәми менән йәнә осраштыҡ. Яңыртылған стенд-плакаттарҙы, лозунгыларҙы, йөкмәткеле сығарылған стена гәзитен күреп, сикһеҙ ҡыуанды ул. Өҫтәүенә, Мәсетлелә – 720, Көҫәпәйҙә 360 башҡорт йәшәүен әйтеп бирҙем. Күпме яңы йолалар, осрашыуҙар, «Шәфҡәтлелек операцияһы» үткәрелеүе тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Ә бит быларҙың барыһы ла Рәми Ғарипов башланғысы менән ойошторолдо. Ҡайһы саҡ мин уның кешенең күҙҙәренә ҡарап йылмайыуынан һағайып та ҡуя торғайным: «Тимәк, тағы ла ниндәйҙер етешһеҙлек бар, тағы нимә етешмәй икән миндә?» – тип уйланаһың. Шулай булды ла. Йүрүҙән йылғаһы ярында ултырған Яубүләк ауылы халҡы (етмәһә, герой Абдрахман Ғәйфуллин тыуған ауыл бит) китап, гәзит-журнал уҡыуҙан, кинофильмдар ҡарауҙан һәм бүтән сараларҙан мәхрүм икән. Уларҙы (бында ла хеҙмәт кешеләре йәшәй) рухи юғарылыҡҡа күтәрергә, йәшәү дәрте уятырға кәрәк. Эйе, үҙәктән бер нисә саҡрымда ятҡан ауылдың тормошон йәнләндерергә, рухын байытырға, күңелдәрен табырға тырыштыҡ.
«Йүрүҙән» совхозында (элекке «Һарғамыш» совхозы) Рәми Ғарипов редакторлығындағы стена гәзиттәре, шул иҫәптән «Комсомол тормошо» гәзите башҡортса сығарыла торғайны. Бер саҡ совхоз үҙәге Арҡауылға комскомитет ултырышына барһам, контора коридорында элеүле стена гәзитенә күҙ һалдым: унда эшемә баһа биреп яҙылған бәләкәй генә мәҡәлә һәм дүрт юллыҡ шиғыр күҙгә салынды. Мин Арҡауылдан тағы ла дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым. Рәми Ғариповтың бер һүҙе мәңге хәтерҙә ҡалды: «Үҙ фекерең булһын, изге маҡсатыңа ирешәм, тиһәң, ярты юлда туҡтап ҡалма, хаҡлы икәнһең – бәхәсләш, үҙеңдекен иҫбат ит, ситкә тайпылма», – тигәйне ул.
Комсомол вожагының эше йәйен дә, ҡышын да тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел: йә малсылар, йә игенселәр янында булырға, политинформациялар үткәрергә, ярышҡа йомғаҡ яһарға, «боевой листок»тар, «молния»лар сығарырға, йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барырға, кистәрен клуб-китапханаларҙа төрлө саралар үткәрергә кәрәк. Өлгөр генә! Өлгөрмәһәң, планда ҡаралған саралар «яна». Ә ундай хәлдәр булғыланы. Бер ваҡыт Рәми:
— Зилә, «яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй», тигәндәй, һин үҙең генә әллә ни ҡыйрата алмаҫһың, йәштәргә, активҡа таян. Уҡытыусыларҙы, депутаттарҙы, коммунистарҙы, халыҡ контролерҙарын да эшкә ылыҡтыр. Уларҙың исемлеген төҙө, кемгә ниндәй бурыс йөкмәтеү тураһында уйлап эш итергә кәрәк. Һәр кемдең көсөнән килерҙәй булһын. Әйтәйек, берәүҙәр концерт-постановкалар әҙерләй, икенселәре фермаға йәки йәйләүгә барып гәзит-журналдар, матур әҙәбиәт тарата, өсөнсөләре лекция-докладтар һөйләй, дүртенселәре өй беренсә йөрөп кешеләрҙең тормош хәле менән таныша, ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙең исемлеген ала... – тип бик аҡыллы кәңәш бирҙе.
Ул йылды яҙ бик матур килде. Тирә-яҡ шау сәскәләргә күмелде, муйыл сәскә атты, донъяға хуш еҫ бөркөлдө. Сут-сут итеп ҡоштар һайрай, ҡайҙалыр моңло итеп кәкүк саҡыра. Күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булған һылыу Йүрүҙән талғын ғына аға. Күҙ йәшендәй саф һыуҙа көмөштәй балыҡтар йөҙә. Күк шундай зәп-зәңгәр, һис болот әҫәре юҡ. Ҡояш үҙенең йомарт нурҙарын һибә. Ҡыҫҡаһы, «ожмах» донъяһы. Орлоҡ ташыусы бер төркөм эшсе ҡатын-ҡыҙҙар, Рәми Ғарипов йылғаны паром аша сығып киләбеҙ. Сымды тартмайбыҙ, паром үҙ яйына әкрен генә теге ярға яҡынлаша. Бына пристань. Ярға сығабыҙ. Рәми Ғарипов күк атын етәкләгән, оло юлдан Көҫәпәй яғына яй ғына атлайбыҙ. Бына һөҙәк тау битләүенә күтәреләбеҙ. Юлдың ике яғында зыярат, олондары күккә олғашҡан сал ҡайындар, әйтерһең дә, тәрән һағышҡа сумған. Саҡ ҡына бирерәк, һаҡта торған һалдаттар кеүек, бер тигеҙ үҫеп ултырған йәш ҡайындар. Һулда зыярат артында Йүрүҙән йылғаһы буйлап Ҡыҙылъяр ауылы һуҙылған. Бер кем һөйләшмәй, һәр кем үҙ уйына сумған. Бына өҙөп-өҙөп кәкүк саҡыра башланы. Арабыҙҙа бер ҡыҙ:
— Кәкүк, кәкүк минең ғүмерем нисә йыл? – тип һораны.
Ирекһеҙҙән, беҙ туҡтап тын ҡалдыҡ. Кәкүк биш тапҡыр саҡырҙы. Ҡыҙ күңелһеҙләнде: «Минең ғүмерем биш йыл ғына ҡалған», – тип илап ебәрмәһенме. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Шунан Рәми:
— Юҡҡа илама, һеңлем, ул дөрөҫ түгел бит, кәкүк саҡыра инде, кәкүк тәбиғәттең иҫ киткес матурлығына һоҡлана. Әле минең күңелемдә шундай шиғри юлдар тыуҙы:

Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында:
Яңы урам, яңы буралар.
Яңы йәштәр яңы йырҙар йырлай,
Яңысараҡ сәсә, уралар...
Иҫкесә тик таңын кәкүк саҡыра,
Кемдәргәлер һанап ғүмерҙе...
Кәкүк, кәкүк, аһ, һин ҡыҫҡа иттең
Ғүмеркәйен яуҙа күп ирҙең –
Ҡайтып күрмәй улар был ерҙе!.. –

тине. Әммә шағирҙың күңеле моңһоу һәм һағышлы ине. Рәми күңел тетрәткес аяныслы ваҡиғаны күҙ алдына килтергәйне был саҡта. Үкенескә ҡаршы, ҡыҙҙар быны абайламаны... Аҙаҡтан икенсебеҙ, өсөнсөбөҙ ғүмерҙәребеҙҙе юрауҙы дауам иттек. Ай-вайына ҡарамай, Рәми Ғариповтың да ғүмерен юрауын үтендек.
Бик оҙаҡ тын торғандан һуң икенсе урында кәкүк йәнә саҡыра башланы: бер, ике, өс, дүрт... ун. Шунда әлеге ҡыҙ: «Һеҙҙең ғүмерегеҙ минекенән күберәк», – тип көлдө.
— Эх ҡыҙҙар, ҡыҙҙар. Ун йыл ғүмер күпме ни? Кеше йөҙ йыл йәшәһә лә тормоштан туймай, ләкин шуныһы ла бар бит әле: ғиллә кешенең оҙаҡ йәшәүендә түгел, ә нисек йәшәүендә бит ул, ҡыҙҙар. Оҙаҡ, мәғәнәле йәшәүебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда, юҡҡа ҡайғырмайыҡ әле, әйҙәгеҙ, икенсе темаға һөйләшәйек, әйтәйек, мөхәббәт тураһында, – тип беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе.
Шунан бирле күпме йылдар үтте. Рәми Ғарипов күптән беҙҙең арала юҡ инде. Ә ул саҡта ғүмерем ҡыҫҡа тип илаған ҡыҙ әле лә иҫән, алты бала әсәһе.
Матур июнь айының бер көнө. Был көндө йәйләүҙәгеләрҙе ил, республика, район, совхоз, бүлексә яңылыҡтары менән таныштырырға тейеш инек. Мин малсылар менән осрашырға бик тырышып әҙерләндем, «Боевой листок»тың, «Молния»ның сираттағы һанын сығарып ҡуйҙым. Үҙем: «Оятҡа ҡалмаһам ярар ине, ни тиһәң дә шул тиклем халыҡ алдында, шағир алдында беренсе тапҡыр политинформация үткәрәм бит», – тип уйлайым.
Төшкә тиклем ике сәғәт бар. Беҙгә сәғәт икегә йәйләүҙә булырға кәрәк. Бына күк атына атланып Рәми ҙә килеп етте. Комсомол райкомынан вәкил килгәс, беҙ өсәү булып киттек. Мин дә аптырап ҡалманым:
— Атты екмәйекме, – тигән булдым.
Ҡаршы килмәнеләр. Шулай ҙа:
— Бынауындай уттай эш ваҡытында арба табылырмы икән? – тип ҡуйҙы вәкил. Мин ат ҡараусы Вәхит ағай Нәфиҡовҡа йүгерҙем. Арбалары юҡ, булғанының да йә тәгәрмәсе, йә тәртәһе юҡ ине. Әммә Вәхит ағай буш ҡайтарманы:
— Ана тарантас бар, шуға егегеҙ, – тип күрһәтте. Беҙҙең янға Рәми ҙә килеп еткәйне. Атты ул үҙе екте. Уға ҡарап торған Вәхит ағай: «Оҫта егәһең икән, ауылда үҫкәнһең, ахырыһы, ҡала кешеләре ат егә белмәй бит», – тип һоҡланып ҡуйҙы.
Беҙ йәйләүгә килеп еткәндә, һауынсылар төшкө һауымды тамамлап ҡына тора ине. Йәйләү бик матур урынға – Йүрүҙән йылғаһы буйына урынлашҡан. Һулда – йәшел күлдәген кейгән зифа ҡайындар. Шунан саҡ ҡына арыраҡ – сәскәле болон-туғайҙар, үрҙәрәк – мәңге йәшел төҙ шыршылар. Ҡаршыла – күккә олғашҡан мөһабәт Ҡаратау. Барыһы ла түңәрәк аҡлан уртаһына йыйылды. Һәр кем өйҙән килтергән ниғмәттәрен ашъяулыҡҡа теҙеп һалды. Мин агитатор, комсорг булараҡ, малсыларҙы һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙым, алдынғы малсыға, һауынсыға күсмә ҡыҙыл вымпел тапшырҙым. Һауын көтөүе бригадиры менән комсомолдың район комитеты вәкиле лә алдынғыларҙы ҡотлап телмәр һөйләне. Ләкин һауынсылар ҙа телсәр, уҫал халыҡ бит ул. Вәкилдең һөйләгәнен үҙ итмәнеләр булһа кәрәк. Ни өсөн тиһәң, ул йыш ҡына рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләне, күптәр ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен дә аңламаны. Ҡайһылай үкенесле: ғәрип кешеләй, ниңә шул тиклем яфаланалыр был иптәш?.. Рәми Ғарипов, уны йәлләгән кеүек, ҡулындағы блокноттың бер битен асты ла шиғыр уҡый башланы.

Ниңә яҡын миңә кешеләр?!
Ниңә һуң мин улар хаҡында
Төнө буйы уйлап, хыялланып,
Үҙем тоҡандырған ялҡында
Үҙем янып сығам?..
Ә улар бит
Тағы торор, тағы йоҡларҙар,
Тағы эшкә китер, ҡайтыр, эсер
Һәм ҡәнәғәт булыр юҡ-барҙан...
Ниндәй уртаҡлыҡ бар улар өсөн
Минең менән бергә янырға!
Тик ниңәлер мин яуаплы һымаҡ
Улар өсөн...
Яҙғы ямғырға
Саң-туҙанын йыуған сәскә төҫлө
Булһын өсөн кеше күңеле,
Ауыр болот йыя был уйҙарым,
Юҡ уларҙың шуға еңеле...
Бәлки, өҫкә шулай кешенең тик
Ҡый-кәбәге генә ҡалҡалыр!
Ә алтындай таҙа, тос орлоғо
Бер көс көтөп аҫта яталыр?
Әгәр күҙең күреп, күңел күҙең
Күрмәй үтһә шундай байлыҡты,
Ниндәй кеше һуң һин, кемгә кәрәк?
Күңелеңдә ҡояш, ай юҡтыр!
Йылмай, көл, ҡояш-ай, күкрә, күгем,
Янып сыҡһын һүҙем-йәшенем.
Яҡтыртһын ул бөтә яҡшылығын,
Бөтә кешелеген кешенең!

Уның был шиғыр юлдарын, шағирҙың ярһып сапҡан ат кеүек ярһып уҡыуын йәйләүҙәгеләр тын да алмай тыңлап ултырҙы. Бер кем бүлдермәне, һәммәһе лә, гүйә, шиғыр эсендә янды. Йәйләү халҡы күпме рухи кинәнес, йәшәүгә, хеҙмәткә көс һәм дәрт алды бында.
Һауынсылар һәм малсылар: «Ниндәй аҡыллы кеше!» – тип һоҡланмай булдыра алманы.
Әйткәндәй, Мәсетле һауын көтөүе коллективы үҙенең совхозында ғына түгел, бәлки, район буйынса нисә йылдар алдынғылар сафында килде. Бында Рәми Ғариповтың да йоғонтоһо булғандыр, моғайын. Коммунист Таңатар Ҡорбанов сирек быуатҡа яҡын шул коллективҡа етәкселек итте!
Яҡшы хәбәр тиҙ тарала бит ул. Файза әбей үҙешмәкәр түңәрәктә актив ҡатнаша ине. Уның бар белгәне «Ғәли менән кәзә» шиғыры булыр ине. (Беҙ йыш ҡына һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының да концерттарын ойоштора торғайныҡ.)
Бер ваҡыт был әбейгә Рәми Ғариповтың «Туған тел» тигән шиғырын уҡып ишеттергәйнем, уны яҙып та бирҙем. Әбейем шуны ятлап алды ла концерт һайын һөйләр булды. Шулай итеп, уның «Ғәли менән кәзә» репертуарына йәнә бер шиғыр өҫтәлде.
Рәми яҙған шиғырҙарын гәзиттәргә тәҡдим итергә ашыҡмаһа ла, «Совет Бапгкортостаны»нан ситтә торманы. Тыуып үҫкән йорто һымаҡ яҡын күрә ине ул был гәзит редакцияһын. Бер мәл шулай сатирик һәм юмористик шиғырҙар шәлкеме баҫылып сыҡҡан икән. Ул әлеге күк атына атланып килеп етте лә:
— Бына 30 һум гонорар алдым, Зилә, ошо аҡсаны ауылда ауыр йәшәгән өлкән йәштәге хеҙмәт һәм һуғыш ветерандарына шәфҡәтлелек күрһәтеү маҡсатында тотонайыҡ, – тине. Уларға йылы хаттар яҙҙыҡ, ҡотлау открыткалары ебәрҙек, йәштәр менән осрашыуҙарын ойошторҙоҡ. Ауылдың тәүге коммунисы, тәүге ауыл советы председателе Камилә Яппарова менән тәүге тракторсы Хәйрулла Ибраһимовҡа яҙған хаттарҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе түбәндәгесә ине:
«Хөрмәтле Камилә апай Яппарова! һеҙ киләсәк матур тормош, киләсәк быуын бәхете өсөн арымай-талмай намыҫлы эшләнегеҙ, әле лә һеҙ йәштәрҙе эшһөйәр, әҙәпле, ярҙамсыл итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ юғалманы. Һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ һәм иҫтәлекле бүләк тапшырабыҙ. Һаулыҡ, бәхетле тормош теләйбеҙ һеҙгә!

«Һарғамыш» совхозының комсомол комитеты секретары Р. Ғарипов.
Мәсетле бүлексәһенең комсомол ойошмаһы секретары З. Ғәббәсова».

«Хөрмәтле Хәйрулла ағай Ибраһимов!

Һеҙ һалған тәүге бураҙналарҙа хәҙер ҡеүәтле тракторҙар иңләп-буйлап йөрөй. Баҫыуҙа игендәр шаулап үҫә. Комбайндар бункерына алтын бөртөктәр ҡойола. Табын өҫтәлдәрен ҡабарып бешкән тәмле икмәк биҙәй. Быларҙың барыһы ла һеҙ нигеҙ һалған хеҙмәт емештәре...
Ихтирам менән
Рәми Ғарипов».

Әйткәндәй, Рәми Ғарипов өйрәткәнсә, мин һәр саҡ активҡа таянып эшләргә тырыштым. Бына улар – ауылдың абруйлы кешеләре: уҡытыусылар (хәҙер хаҡлы ялдалар) Ф. Шәрәфетдинов, С. Ғибаҙуллин, Ғ. Хисамова, Р. Ғибаҙуллина, Н. Фәхретдинова, М. Ғәниев, Т. Йыһаншина, Р. Рәхимова; коммунист-депутаттар: С. Ғәлимов, X. Яппаров, Я. Хәсәнов, Ғ. Ғәббәсов, Н. Камалов, С. Исмәғилев, Һ. Ғәлиуллина, С. Ғәббәсов; комсомолецтар: Д. Әхтәров, Р. Исмәғилев, Мәүлиҙә һәм Рәйфә Басировалар, Рәүеф Шаһаев, Д. Ишбирҙин һәм башҡалар. Өлкән коммунистарҙың ҡайһы берҙәре мәрхүм инде. Күптәре бөгөн дә сафта. Рәми Ғарипов уларҙың эш һөҙөмтәһенә лә хөрмәт менән ҡараны, ихтирам итте, уй-фекерҙәренә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Бына ошо кешеләр менән бергәләп эшләү арҡаһында ауылда тәртип боҙоу, хулиганлыҡ ҡылыу, енәйәт эшләү факттары булмай торғайны. Бында төрлө тәрбиәүи саралар: лекция-Докладтар уҡыу, комсомол туйҙары, көмөш, алтын туйҙар, исем туйҙары, бүтән төрлө матур йолалар үткәреүҙәр, иң мөһиме – кеше тураһында ҡайғыртыу күңелһеҙ ваҡиғаларға кәртә булғандыр, моғайын. Ауылдаштарым ҙур ышаныс күрһәтеп, мине Мәсетле ауыл советы башҡарма комитетының председателе итеп һайлағас та, шундай матур йолалар дауам итте. Башҡарма комитеттың һәм депутаттарҙың берҙәм, фиҙаҡәр эшләүе арҡаһында, ауыл советы территорияһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса өлгөлө эшләгән өсөн, Мәсетле ауыл советының КПСС район комитеты һәм район советы башҡарма комитеты күсмә Ҡыҙыл байрағын яулауы оло ҡыуаныс ине.
Тынғыһыҙ, көсөргәнешле хеҙмәт көнөнән һуң, буш арала мин мандолина уйнарға ярата торғайным. Шулай эш бүлмәмдә онотолоп китеп мандолина уйнап ултыра инем. Уйнап бөтәүемә әкрен генә Рәми Ғарипов килеп инде лә, күңелем булһын типме:
— Бик матур уйнайһығыҙ икән, мандолина моңон мин бик яратам, – тине. Шағирҙың һорауы буйынса, мин бүтән көйҙәр ҙә уйнап ишеттерҙем. Маҡтауҙы кем яратмай, һәйбәт уйнайһығыҙ, тигәс, күңел күтәрелеп киткәндәй булды. Артабан да ошо музыка ҡоралынан айырылманым. Мандолинамды ҡулға алған һайын, Рәми Ғариповты һағынып иҫемә төшөрәм.

Бар ине бит замандар

Хәстәрлек-мәшәҡәттәр менән яҙғы сәсеү үтеп тә китте. Себеш һанар мәл – көҙгө уңышты йыйып алыу осоро килеп етте. Йәнә тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр башланды. Баҫыуҙарҙа тос башаҡтар баштарын эйгән. Уңыш мул булмаҡсы. Уны юғалтыуһыҙ, тиҙ йыйып алыу өсөн, коммунистар, комсомолецтарҙың яуаплылығы бермә-бер артты, улар ауыл яҙмышы хәл ителәсәк яуаплы урындарға беркетелде. Был яуаплы осорҙа «Һарғамыш» совхозының (хәҙер «Йүрүҙән») комсомол комитеты секретары Рәми Ғарипов та тынғыһыҙ көндәр шауҡымында йәшәне. Июль аҙаҡтарында Арҡауылға комскомитет ултырышына саҡырылдыҡ. Һүҙ ҡыҫҡа булды: урып-йыйыу осоронда комсомолецтарҙың һәм идеология хеҙмәткәрҙәренең бурысы. Ҡайтҡас, тиҙ генә йәштәрҙе йыйып һөйләштек, аныҡ эш планы ҡабул ҡылдыҡ...
Баҫыу эшсәндәре, ырҙын табағындағылар өсөн бөтә шарттар булдырылды: ҡайнар аш әҙерләнде, концерттар күрһәтелде, халыҡ-ара темаларға лекциялар, әңгәмәләр ойошторолдо, «Боевой листок»тар, «Молния»лар, стена гәзиттәре һәм сатирик гәзиттәр сығарылды, алдынғылар дәртләндерелде.
Бәхеткә күрә, ул йылды көҙөн яуым-төшөм булманы. Ураҡ ҡыҙыу барҙы, ырҙын табағына килгән иген үҙ ваҡытында эшкәртелде һәм дәүләт бураларына оҙатылды, киләһе уңыш өсөн сифатлы орлоҡ һалынды. Өфөнән һәм Түбәнге Тагилдан килгән автомашина йөрөтөүселәр ҙә сәмләнеп эшләне: көндөҙөн басыуҙан ырҙын табағына иген ташыһа, төндәрен элеваторға юлланды. Стена гәзиттәренең, «Боевой листок»тарҙың, «Молния»ларҙың тәүге һандары хеҙмәт алдынғыларына арналды. Етешһеҙлектәре лә күҙ уңынан ысҡындырылманы.
Август баштары ине. Көн шундай ҡыҙҙыра, ел әҫәре юҡ. Һәр ерҙә йәнлелек, комбайндар, тракторҙар гөрөлдәүе ишетелә. Беҙ Рәми Ғарипов менән яҡындағы комбайн янына килеп туҡтайбыҙ. Комбайнсыһы Сабир ағай Хәжипов булып сыҡты. Ул комбайнынан төшкә тиклем биш бункер иген бушатҡан икән. Үҙенең әйтеүенсә, төштән һуң тағы ла күберәк буласаҡ. Тимәк, Сабир ағай ураҡ башланғаны бирле 1000 центнерҙан ашыу иген һуғырға өлгөргән. Комбайнсыларҙың өс көнлөк эшенә йомғаҡ яһағандан һуң, иң күп игенде Сабир ағай һуҡҡан булып сыҡты. Төшкө аш мәлендә Рәми Ғарипов Сабир ағай Хәжипов эргәһенә килеп:
— Рәхмәт, Сабир ағай, яҡынса иҫәп менән өсәр центнерҙан ғына өләшкәндә лә, өс көн эсендә һеҙ 330-ҙан ашыу ғаиләне ҡышҡа етерлек иген менән тәьмин иттегеҙ. Әгәр һәр кем шулай эшләһә, илдә күптән муллыҡ булыр ине, – тип уны ихлас ҡотланы һәм комбайнына ал флажок беркетте. Шул арала мин Сабир ағайҙың баҫыу карабының уң яғына бер йондоҙ төшөрөп өлгөрҙөм.
Сабир ағай бер аҙ уңайһыҙланды булһа кәрәк, ҡыҙарып китте. Шулай ҙа өндәшмәй булдыра алманы:
— Уныһы шулайын шулай ҙа, Рәми ҡустым, әммә запас частар етмәүе бәкәлгә һуға, – тине, күңелендәген сисеп һалып. – Илдә ҡеүәтле промышленность бар, тибеҙ. Мәгәр ауылдағы техниканы тәьмин итерлек запас частар юҡ. Етәкселәребеҙ ете ер аръяғына сығып эҙләйҙәр бит уны. Таба ла алмай ҡайталар күп саҡ. Әгәр уттай эш мәлендә комбайның ватылһа, нишләмәк кәрәк? Үәт бит эш ҡайҙа килеп төртөлә! Ә юғарынан давай-давай тип, теңкәгә тейәләр. Быны нисек аңларға?
— Тура һүҙгә яуап юҡ, Сабир ағай. Беҙҙә шулайыраҡ шул, ура ҡысҡырырға яратабыҙ, ә арт яҡты ҡарамайбыҙ. Ҡана һуң, техника эшләп сығарғас, запас частары хаҡында ла уйлаһалар. Әммә был юҡ. Бөтә нәмә лә туҙмай тормай бит. Ҡыш – санаңды, йәй арбаңды әҙерлә, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Быныһы урындағы етәкселәргә ҡағыла.
— Һин хаҡлы, ҡустым. Беҙҙә бит бары менән байрам, иртәгеһен ишәк ҡайғырһын, тип кенә ҡарайҙар, – тип күтәреп алды шағирҙың һүҙҙәрен Сабир ағай. Уға башҡалар ҙа ҡушылды. Китте йәнле һөйләшеү. Әйткәндәй, Сабир Хәжипов, Ғилметдин Динисламов, Ишмырҙа Нуриев был яҡ төбәктең тәүге механизаторҙары. Рәми уларҙы айырыуса хөрмәт итә торғайны. Был көндө урғыс машинисы Ғилметдин ағай менән тракторсы Ишмырҙа ағай ҙа шағир ауыҙынан ихлас маҡтау һүҙҙәре ишетте. Ә йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр. Өлкәндәр үҙҙәрен атҡа атланғандай тойҙо.
— Бындай хеҙмәт батырҙарына мин, һис шикһеҙ, һәйкәл ҡуйыр инем, – тиер ине шағир.
Совхоздың «Комсомол тормошо» гәзитеңдә «Илде икмәк менән туйҙырыусы ил ағаларына дан һәм хөрмәт!» тигән баш аҫтында мәҡәлә сыҡты. Беҙ, редколлегия ағзалары, ауылыбыҙҙың ғорурлығы һәм таянысы булған ағайҙарға арнап «Молния», «Боевой листок» яҙып элдек.
Ҡыҫҡа ғына ялға туҡтаған ялан батырҙары, ярҙамға килгән шоферҙар, агитаторҙар бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән, һуғыш йылдарында ал бирмәй эшләгән уңған ураҡсы Мәүлиха әбей бешергән итле ашты һәм ҡабарып бешкән икмәкте яратып ауыҙ итте. Һый Рәми Ғариповҡа ла оҡшаны, булһа кәрәк. Уның, башҡалар кеүек үк, аяҡтарын бөкләп ултырып, тимер туҫтаҡтан тәмләп ашауы, туҫтаҡ төбө ялт итеп ҡалғас, Мәүлиха әбейҙең: «Аша, улым, аша, ҡана тағы өҫтәйем әле бер ижау», – тип әйтеүе бөгөнгөләй хәтеремдә. Былай ҙа көләс йөҙө тағы ла көләсләнеп китте шағирҙың, маңлайынан, ике яҡ сикәһенән бөрсөк-бөрсөк тирҙәр килеп сыҡты. Аяғөҫтө торғас, Рәми:
— Әбекәйем, ҙур рәхмәт, оҙон ғүмер, таҙалыҡ һиңә. Студент йылдарында мин бындай аштарҙы төшөмдә генә күрә торғайным, – тине, йылмайып.
һәммәһе лә көлөшөп ҡуйҙы.
Йылы һүҙҙән ҡанатланған, ҡайнар, тәмле аштан, икмәктән хушһынған ялан батырҙары эшкә тотонорға ашыҡты.
Төштән һуң, ысынлап та, эш дәррәү барҙы, кискә һөрөүселәр килгәнсе, баҫыуҙарҙа игендәр йыйылып бөттө. Көҫәпәйҙәрҙең тырышлығы, тәүәккәллеге Рәмиҙе бик тә шатландырҙы. Артабан да баҫыу эштәре шулай дауам итте.
Секретарь совхоздың бөтә бүлексәләрендә (ә улар етәү ине) лә булырға, йәштәр, оло быуын кешеләре менән осрашып һөйләшергә, кәңәшләшергә тырышыр, үҙенең ялҡынлы, һағышлы шиғырҙары менән кешеләрҙе һөйөндөрөр ине.
...Баҫыуҙар бушап ҡалды, тирә-яҡ алтын төҫөнә мансылды. Урманда, йылға буйҙарында миләш-балан, гөлйемеш өлгөрҙө. Ауыл халҡы, бигерәк тә әбей-һәбей, балан-миләш йыя торғайны. Бына мин дә бер ялымда, күрше ҡыҙы менән урманға барып, күп итеп балан йыйып ҡайттым. Шул баландан минең ҡәҙерле әсәйем бик тәмле итеп бәлеш бешерҙе. Баландың мейестә шул көйө суйынға һалып бешерелгән бер өлөшөн шәкәр ҡушып һалҡынға ултыртып ҡуйҙы. Сираттағы мәшәҡәтле эштәрҙән һуң, төш алдынан Рәми Ғарипов беҙгә килде. Атайым да, әсәйем дә шағирҙы әйҙүкләп, ихлас ҡаршыланы. Әсәйем ҡоймаҡ ҡойорға, бәрәңге шәңгеһе лә бешерергә өлгөргәйне. Һәммәбеҙ ҙә сәй табынына ултырҙыҡ. Шунда Рәмиҙең өҫтәлдәге һый-ниғмәттәр араһынан балан бәлешен, шәкәр ҡомо менән тәмләндереп һыуытылған баланды шундай ләззәтләнеп, кинәнеп ашағанын, әсәйемә мең-мең рәхмәт уҡығанын мәңге онотмам. Атайым менән әсәйем уның ихласлығына һоҡланып ҡарап ултырҙы. Табын өҫтәле янында төрлө һөйләшеүҙәр булды. Хәтирәләр яңыртылды. Рәми һорай, ҡыҙыҡһына, ә атайым менән әсәйем яуап бирә, һөйләй. Шағирҙың йыш телгә алған кешеһе – атаһы булды. Атайым уның атаһын яҡындан белгәс, күпте һөйләне, Рәми тыңланы ла тыңланы... Шунан атайым уға:
— Буйың-һының, төҫөң, хатта ҡылығың тас атайың Йәғәфәр инде, – тине.
Әсәйем иһә Гөлмәрйәм апай тураһында:
— Һинең әсәйең һуғыш йылдарында, унан һуңғы йылдарҙа оҫта ураҡсы булды. Рекорд ҡуйғас, райком вәкиле Йосоп Яҡупов уға күлдәклек ситса, бал бүләк итте... Беҙ ҙә һинең әсәйең өлгөһөндә эшләнек, – тип һөйөндөрҙө шағирҙы. Аҙаҡтан Рәми, һағышланып: «Атайлылар бәхетле инде, мин уларҙан көнләшәм», – тип ҡуйҙы.
Өҫтәл янында ошо фәһемле һөйләшеүҙән һуң, беҙ, ата-әсәйебеҙҙең балалары, был әңгәмәнән ҙур һабаҡ алдыҡ. Ғәзиз атай-әсәйебеҙҙе тағы ла нығыраҡ яраттыҡ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәттек. Был – мәшһүр шағирҙың беҙҙең өйгә һуңғы килеүе булған икән...
Үҙ һүҙле, төплө фекерле булыуы арҡаһындалыр инде, уны төрлө күңелһеҙлектәр һағалап торған. Аҙаҡ, мин уҡырға киткәс, атайымдың һөйләүенсә, ул совхоз етәкселеге менән һыйыша алмаған. Шағир шунан район гәзитендә лә эшләп ала, унан Өфөгә ҡайтып китә.
Һәр осрашҡан һайын, Рәми атай-әсәйемде һорашыр (хәҙер икеһе лә мәрхүм инде), тәмле балан бәлеше ашауын хәтеренә төшөрөр ине.
«Совет Башҡортостаны» гәзитендә Р. Ғариповтың үлеүе тураһындағы некрологты уҡығас, шаҡ ҡаттыҡ, шундай кешенең үлеүенә ышанманыҡ. Юҡ, ул үлмәне, уның рухы беҙҙең арала йәшәй. Уның исеме үлемһеҙ.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: Рәми Ғарипов бер ваҡытта ла меҫкен булып йөрөмәне, дошманына сер бирмәне, асыу-нәфрәтен эсенә йотто, йылмайыуын тышҡа сығарҙы. Ул йәлләүгә, кемдеңдер ярҙамына мохтаж түгел ине. Уның бөтә ғәйебе – түрәләргә ялағайлана, шарттарға яраҡлаша белмәүендә ине. Республика гәзиттәре (ҡайһы бер авторҙар) Рәми Ғарипов тураһында үтә лә йәберләнгән, яҡлаусыһыҙ, ҡурсалаусыһыҙ, меҫкен кеше итеп яҙып сыҡтылар. Ни эшләп шундай мәшһүр шағирҙың яҡлаусыһы булмаһын, ти? Уны халыҡ яҡын күрҙе. Шулай булғас, халҡы булған шағир, ысын шағир, тау бөркөтө кеүек ғорур шағир ул.

Зилә Ғәббәсова, журналист