Марс Закиров. Иҫтә, һаман да иҫтә

Близкие и земляки

Тәүге көндәр

Мине үҙебеҙҙең «Һарғамыш» совхозының һарғамыш бүлексәһенә зоотехник итеп ҡуйған саҡ. Эш башланды. Оҙаҡламай совхоздың комсомол секретары Ғарипов Рәми икәнлеген белдем. Уның яҙған шиғырҙарын гәзиттән яратып уҡып бара инем, ә үҙен күргәнем юҡ. Әсәһе Мәрйәм апайҙы, һеңлеһен, ике ир туғанын күреп беләм. Рәмиҙең атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡала. Шуға уның бала сағы ошо ваҡыттағы үҫмерҙәрҙекенә бик оҡшаш. Ул заман балалары сабата кейҙе, үрергә лә үҙҙәре өйрәнде, башаҡҡа йөрөнө. «Сабаталар бысраҡҡа убылып тороп ҡалып, ялан аяҡ ҡайтҡан саҡтар ҙа булды», – тип иҫкә алыр ине Рәми. Шуғалыр инде, шағир икмәкте ҡәҙерләй, ҙурлай белә, уға иғтибарһыҙ ҡараған кешене күрә алмай ине.
Совхоз үҙәге Арҡауылға ай аҙағында хисап менән барғанымда күрҙем Рәмиҙе. Таныштыҡ. Урта буйлы, ҡабарып торған ҡара сәсле, һалмаҡ ҡына һөйләшкән кеше икән.
Минән йәштәр тураһында һорашты. Шул тиклем ҙур кешенең (минең өсөн шағир Рәми иң ҙур, иң белемле кеше ине) бында комсорг булып эшләүенә ғәжәпләнеп ҡуйҙым:
— Рәми, ниңә һин ҡалала ғына торманың? (Ул үҙенә Рәми тип кенә өндәшергә ҡуша ине.)
— Ауылда тормошто нығыраҡ беләһең. Күпме йәшәһәм дә, белеп бөтә алмайым уны. Әле тракторсылар курсына ебәреүҙәрен һорап КПСС район комитетының беренсе секретары Сабитовна индем. Беләһеңме, ул нимә тине? «Ҡустым, һин артыңдан ҡарғалар эйәрткәнсе, йәштәрҙе эйәрт. Бына «Һарғамыш» совхозына комсорг булып бар, үҙеңә лә, йәштәргә лә файҙаһы тейер, – тине». Шулай итеп, Рәми риза була.
Шағир тиҙҙән һарғамыш бүлексәһенә килде лә тура беҙгә инде. Мин уның килерен белә инем, сөнки ул көндө беҙҙә отчет-һайлау комсомол йыйылышы була, тип иғлан ителгәйне. Рәмиҙең тәҡдиме буйынса, йыйылышта мине комсомол секретары итеп һайлап ҡуйҙылар.
Кисен Рәми йәштәр менән эшләү тураһында күп нәмә һөйләне, үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Бик һуң булыуына ҡарамаҫтан (ярты төн уҙғайны инде), атына атланып ҡайтып китте. Минең 32-се калибрлы мылтыҡты, алты яһау алды.
Аҙаҡтан ул былай тип һөйләне:
— Ҡайтҡанда аҙыраҡ ҡурҡытыңҡырай: төн ҡараңғы, тауҙар, ағастар икенсерәк, бүре лә килеп сығыр кеүек. Берҙе атып ебәрһәм, ҡурҡыу бөтә төҫлө, төн дә яҡтырғандай булып китә. Ҡайтҡансы, бөтә патронды ла бөтөрҙөм. Иң һуңғыһын Арҡауылға етәрәк атып ебәрҙем.
Рәми өйрәткәнсә, комсорг булып эшләй башланым. Егерме ике комсомол гармун уйнатып, йырлап Арҡауылға йыйылышҡа барабыҙ, металл һыныҡтары йыябыҙ. Бер ваҡыт, ырҙын табағында эшсе көстәр етмәгәнлектән, бойҙайҙы таҙартып өлгөрә алмайҙар. Быны ишетеп Рәми килеп етте. Егерме бер комсомол кискеһен ырҙын табағында ине, радионан: «Икмәк яна, бөтәгеҙ ҙә – ырҙын табағына!» – тип оран һалдыҡ. Һауынсылар, малсылар, уҡытыусылар, клуб эшсәндәре ихлас сыҡтылар. Төн буйына эшләп, игенде ҡотҡарҙыҡ. Иртәгеһен һәр кем үҙ эшенә китте. Клуб стенаһына Рәми менән «Тревога» гәзитен элдек.
Рәмиҙең тәҡдиме буйынса спорт комитеты төҙөнөк. Унда гер күтәреү, саңғыла йөрөү, шахмат, үҙешмәкәр түңәрәктәр эшләне. Шулай итеп, йәштәрҙең кистәрен бушты-бушҡа ауҙарып йөрөргә ваҡыттары ҡалмай ине. Рәми шат, ул беҙгә йыш килә, тәҡдимдәре лә тормошҡа ашырыла тора.
Бер көндө, совхоз күләмендә хисап-һайлау комсомол йыйылышына барыр өсөн, әрйәһенә эскәмйәләр ҡуйылған йөк машинаһына тейәлдек. Ҡыҫтау булһа ла, күңел көр, гармун уйнай. Арҡауылға йырлап барып индек. Рәмиҙе, борсоулы булыр, тип уйлағайным, ә ул һаман да, элеккесә, эшлекле, яғымлы. Сөнки бынан бер нисә көн алда ғына мине парткомға саҡыртып, Рәми урынына комсорг булып эшләргә ризалығымды алырға тырыштылар. Риза булманым. Йыйылыш барышында тағы ла минең кандидатура тураһында һүҙ ҡупты. Баш тарттым, сөнки быны иптәшкә хыянат итеү тип ҡараным. Мине совхоздың комскомитет ағзаһы итеп һайланылар. Рәмиҙән баш тартып маташҡан совхоз директоры Кинзин һәм совхоздың парторгы Ғайнановтарҙың тырышлыҡтары бушҡа китте. Улар Рәмиҙең тура һүҙен яратып еткермәнеләр. Совхоздың комсоргы булып Рәми үтте.
Ә икенсе йылды Рәмиҙе – район гәзите редакцияһына, мине ВЛКСМ-дың район комитетына секретарь итеп эшкә алдылар. Район үҙәге булған Малаяҙ ауылында йәшәй башланыҡ. Был ваҡытта инде Рәмиҙең Салауат, Азамат исемле малайҙары бар ине.

Ҡыҙҙар тураһында

Бер саҡ беҙ ҡатын менән уларға килгәндә, Рәми һуған түтәлен утап йөрөй ине. Баҡса бәләкәй генә. Унда ике түтәл һуғандан башҡа бер нимә лә юҡ.
— Бына, ҡарағыҙ әле: бер түтәлде йомшарттым, утаным, һыу һиптем. Һуғаны ниндәй – ҡыяҡтары ҡамыш һымаҡ. Ә икенсе түтәлдә һуған насар. Уныһын утарға өлгөргән юҡ әле, йомшартманым да. Бына кешенең тәбиғәткә файҙаһы: кеше үҫемлектәрҙе үҫтерә лә, һулыта ла ала икән, – тине ул.
Рәми ҡатыным менән мине өйөнә саҡырҙы. Сәй ҡайнағансы, альбомдарын ҡарай башланыҡ. Иң тәүҙә ҙур булмаған бер альбомды астыҡ. Һәр битендә ҡыҙ фотоһы (бөтәһе 6–7 ҡыҙ), һәр береһенең аҫтына бер куплет шиғыр яҙылған. Минең ҡатын:
— Рәми ағай, Надя апай ниңә был карточкаларҙы һаҡлай, йыртып ташламай? – тип һорап ҡуйҙы.
Ә Рәми тиҙ генә:
— Руфа, ошо ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙенә күрә сәскә ине, – тине.
— Ә Надя апай кем?
Рәми көлдө лә:
— Ә Надя – ошо сәскәләрҙең шәлкеме, – тип яуапланы.
Беҙҙән аша карточка ҡарап торған Надя һипкелдәрен емелдәтеп, көлөп ебәрҙе. Надя тәүҙә беҙҙеңсә бер ауыҙ һүҙ белмәһә лә, хәҙер башҡортса арыу ғына һупалай ине.
Рәми бер ҡыҙ фотоһын күрһәтә:
— Ошо ҡыҙҙы шул тиклем яраттым, ләкин ул миңә иғтибарһыҙ ҡалды. Бер тапҡыр Мәсәғүткә икебеҙ ҙә йәйәүләп юлға сыҡтыҡ. Әллә нимәләр һөйләгем, ҡосаҡлағым, үбәһем килде үҙен. Яҡын да ебәрмәй бит. Һиҙҙертмәй генә ҡосаҡлап алдым да барыбер үпәс иттем үҙен. Шулай ҙа була... Ә бына быныһы – уның тураһында уйланып, Сулея станцияһында вокзалда йоҡомһорап ултырам. Кинәт тертләп күҙҙе асып ебәрһәм, вокзалдың ишеге төбөндә теге ҡыҙ баҫып тора. Ул сығып киткәс, иҫемә килеп йүгереп сыҡһам, поезға ултыра ине инде. Уға арналған шйғыр бар. Моғайын, йыр булыр. Музыка яҙасаҡтар...

Яңғыҙлыҡ

Ҡыш уҙып китте, йәй башланды. Рәми редакцияла эшләй. Сәғәт биштә кешеләр ҡайтып бөтә. Рәми яңғыҙы яҙышып ултыра. Өйөндә бер кем дә юҡ, үҙе генә. Надя ике балаһын алып ҡайтып киткән.
Стена тулы китаптар, Рәми үҙе таҡтанан кәштәләр эшләгән, уны бүлектәргә бүлгән. Ниндәй генә китаптар юҡ!..
— Һин, Марс, эш хаҡы алған һайын, дүрт-биш китап һатып ал, – ти.
Тиҙҙән уға өйҙө бушатырға ҡуштылар. Яңы фатир юҡ, Рәми яңғыҙ. Аҡса юҡ.
— Балалар хәҙер ҙур – коляска менән теген машинаһын һатыр инем, алыусы булһа, – ти. Тик ундай нәмәләр магазинда ла бар.
Мин уларҙың икеһен дә үҙ хаҡына һатып алдым. Рәми бик шатланды.
Ә бер көндө ул:
— Китаптарҙы Урал кейәүҙәргә күсерәм дә Ҡаратауға йәшәргә китәм, мылтығыңды бирерһең инде, – ти.
Уға ышанмай ҡарағас:
— Урманда ҡыуыш ҡорам, яҙыу эштәрем бар, яңғыҙым булғым килә, – тине.
Район етәкселәренең ҡайһы берҙәренең – КПСС-тың район комитеты секретары М. К. Сабитов менән райсовет председателе 3. С. Абдиевтың – Рәмигә шундай миһырбанһыҙ ҡарашы эсте бошорҙо.
Шағир, йәшәү урыны булмағанлыҡтан, Ҡаратауға китте, унда егерме көнләп булды. Мин янына бара алманым, ләкин халыҡ үҙенең яратҡан шағирын яңғыҙ итмәгән. Рәмиҙән кеше өҙөлмәгән. Уның ҡыуышына матур һуҡмаҡ һалынған.
Рәми шул мәлдәрҙе көлөп иҫкә алды бер заман:
— Үҙем ҡыуышта булмағанда унда: «Рәхим итегеҙ!» – тигән яҙыу әләм. Ҡағыҙ, ручка, бер киҫәк әпәй, һыу ҡалдырам, – тине.
Оҙаҡламай Рәми Өфөгә китте, үҙ мөйөшө булғансы, кешеләрҙә өйҙәш йәшәне. Өфөгә икенсе бер килгәнемдә уның үҙ фатирының балконында ҡояш сыҡҡанын Рәмиҙең йырын йырлап ҡаршы алдыҡ.
Рәмиҙән тәүге ҡыҙымдың исеме ҡалды. Ул шағир менән бер көндө тыуғайны. Рәми: «Зөлфиә тип ҡушығыҙ», – тигәйне... Әйткәндәй, Рәмиҙең теген машинаһы ла иҫән.

ҠЫЙЫН ҮҘЕМӘ
Әллә бер йылғамы, оҙаҡҡамы
Һаубуллаштым ошо дуҫ менән:
Урта буйлы, ҡара бөҙрә сәсле
Күҙ алдымда тора йыш ҡына.

Йүрүҙәнкәй булып яңғырап торҙо
Йәш шағирҙың көслө тауышы.
Һауаларҙа шаулап, йырҙа даулап
Яңғыраны моңо-һағышы.

Йылдар уҙҙы, яңылары килде,
Үҫте уның шиғыр юлдары.
Күрегеҙсе, йырланасаҡ йырҙар –
Урта буйлы егет ҡулдары.

Уйлай инем, шиғырҙары һымаҡ
Үҫкәндер, тип, буйға үҙе лә.
Шағир алда тора, ҡыйын миңә
Шул уйҙарым өсөн үҙемә!

Марс Закиров,
Салауат районы, Торналы ауылы
1988 йыл, апрель