Минзәлә Яхина – Ярылып та ятҡан саҡта ҙур йөрәге...

Посвящения

Ярылып та ятҡан саҡта ҙур йөрәге
Рәми кеүек аҫыл батырҙың,
Өнһөҙ-тынһыҙ Өфө "шау-гөр" килде,
Аҡҡа баҫып һүҙен яттарҙың.

Алға төрттө яла яғыусыны,
Данға күмде түрә балаһын.
Гүргә инә барған батыр һынын
Онға иләп юйҙы тарихын.

Ярты быуат һайын яңы афат,
Яңы ҡағиҙәләр, кешеләр.
Тик Өфөлә генә - бер кәрәмәт:
Өнһөҙ - тынһыҙ "шау-гөр" киләләр!

Йортҡа ярамаған - юл ситендә,
Ялағайҙар ҡаймаҡ ялайҙар.
Ҡәҙимгесә бында бөтәһе лә,
Өнһөҙ бит был ҡала, ағайҙар!

Моңһоҙ бит ул, йыры күп булһа ла,
Йылмаймаған күҙҙәр күбәйгән.
Йылға кеүек халыҡ ағылһа ла
Тынлыҡ бөркә һаҫыҡ ҡәберҙән.

Сереп төшкән нигеҙ-уты менән
Өмөтө юҡ өнһөҙ ҡаланың!
Рәми ағай, терел, йөрәк бирәм!
Ғүмеремде бирәм, ал ҡаным!

Аҫтын-өҫкә әйләндерер инең шул саҡ!
Әйтер инең:-Ҡуйсы, уландар!
-Баҫҡынсылар түгел беҙҙең башҡорт халҡы!
Беҙ бал ҡорто, нурлы суфыйҙар!

...һине тағын бәреп йыҡҡан саҡта
Йөрәккәйем әгәр түҙмәһә,
Тағы ла бер ғүмер табыр ине микән,
Өнһөҙ Өфө, тыпа бөтмәһә?..

06.11.2022