Карам Бакиров. Һабантурғай йыры

Посвящения

Халыҡ шағирының буласағын –
Был исемде көтөп торманың,
Әммә, Рәми, халкың күңелендә
Оҙаҡ йәшәр һинең йырҙарың.
Автор

I
Рәми, Рәми...
Ҡәләм генәм түгел,
Шулай яҙҙы йөрәк тибешем,
Өҫтәлемдә ятҡан аҡ ҡағыҙға
Күҙ йәшемдән төштө был исем.

Мин белмәйем, нимә:
шиғырмы был,
Поэмамы ғазап сиккәнем?
Ләкин тынғы бирмәҫ хистәремдең
Асыҡ беләм һағыш икәнен.

Бергә үткән көндәр моң шикелле
Яҙылғандар икән хәтергә.
Мөмкин түгел: «Иҫкә алдың да бер,
Онотолор ул!» – тип әйтергә.

Рәми, Рәми,
беҙ бит һинең менән
Осрашҡанбыҙ күптән, бик күптән,
Бәлки, һыу ҙа һорап эскәнмендер
Һин ҡунаҡсыл йомарт егеттән.

Был күрешеү әллә булдымы икән
Ҡаратауҙа еләк бешкәндә?
Бәлки, Рәми, бәпкә көткәнһеңдер,
Аттарҙа беҙ килеп төшкәндә.

Артист инем, беләм Арҡауылды,
Сәскәләрен күрҙем туғайҙың.
Беҙ осорҙоҡ һеҙҙең күңелдәргә
«Ҡарлуғас» ын мәшһүр Бикбайҙың.

Пьеса ғынамы ни, ә һүҙҙәре –
Балтырған да төбө татлы бал:
Күңелеңдә тәмләп йөрөтөргә,
Беҙҙең һымаҡ, әйҙә, ятлап ал!

Һин бит шул саҡ, бала көйөнә лә,
Шәп әҫәрҙең тәмен тойғанһың,
Йөрәгеңдән, ихлас шиғыр яҙып,
Баязит Бикбайға, тип ҡуйғанһың!

«Аҫылынып клуб тәҙрәһенә
Ҡарлуғастың йырын тыңлауға
Уҙған, – тиһең, – хәҙер
нисә йылдар».
Ләкин һаман ул йыр сыңлауға
Мин һиҫкәнеп китәм...
Күҙ алдыма
Килә, – тиһең, – тәүге «әртистәр».
Беҙ инек ул, Рәми, тальян тартып,
Һеҙҙе йөрәкһеткән шул кистә...

Йыр яратҡан бөҙрә сәсле Рәми,
Арҡауылдың бала бөркөтө.
Һин генәме?
Клубҡа һыймаусылар
Була торғайнылар бер көтөү.

Күңелең киң булһа, донъя иркен.
Яйын табыр инем, эй Алла,
Белгән булһам, энем, һинең өсөн
Урын алыр инем иң алға.

Ул ваҡытта, Рәми, –
күргәнһең бит
Беҙ ҡуйғанса торҙо мәсьәлә:
Мин үҙем бер арыҫландай инем
Һинең буй етмәгән сәхнәлә.

Балалыҡта һине уйға һалған
«Ҡарлуғас»ҡай һылыу ул саҡта
Һандуғастар көнләшерлек итеп
Йырлай ине минең ҡосаҡта.

Ҡаршымдағы йондоҙ ҡараштарҙы
Күрҙе йәнем, тойҙо тәнем дә,
Мөхәббәтем шулай һынау тотто
Сәхнә ҡорған һәр кис, һәр көндә.

«Ҡарлуғас» – ул беҙҙең йәшлек ине,
Беҙҙең илһам ине – «Ҡарлуғас»,
Юлдар аҙаштырмай күңелдәрҙә
Йондоҙҙарын һөйөү яндырғас.

Беләһеңме, Рәми,
бер ҡарлуғас
Ике күңелде лә тиң иткән:
Һине – шағир,
Мине – ғашиҡ яһап,
Икебеҙҙе берҙәй тилерткән.

Тулҡынлана шулай ел иҫкәндә
Бер ташҡындан ҡалған ике күл,
Тамсылары сәсрәп сәскә ата,
Ситтәрендә уның – тәүге гөл.

Күптән инде йылдар тыны менән
Тартып алды мине сәхнәнән,
Тик һөйөүе һаман шытып сыға, –
Ҡорой торған орлоҡ сәсмәгән!

Беҙҙе поэзия осраштырҙы,
Былбыл оя үрҙе баҡсамда,
Шиғри хистәр яҡын дуҫһыҙ итмәй,
Уйҙарыңа яңғыҙ батһаң да.

«Ваҡ йылғалар аға тауышланып,
Тәрән йылға аға яй ғына».
Үҙең көслө, һин дә, үҙең сабыр
Ошо йырҙағыса шау ғына.

Беләһеңме, Рәми, мин йырҙағы
Буранбайға ғашиҡ егетмен,
Һине күргән саҡта Буранбайҙың
Үҙен, күрә инем кеүек мин.

Юл туҙанын бергә йотҡан саҡта
Кемлегеңде һинең аңланым,
Ят ҡыланыш яҡын йоғонмаған,
Заты ла юҡ икән ялғандың.

Миңә бүләк иткән «Таш сәскә»ңә
«Шағирға!» – тип ҡулың
ҡуйғанһың,
Был бит йөрәк һүҙең ине һинең,
Ышанмаҫҡа һиңә шунан һуң?

Тағы, тинем, ихлас бер дуҫ таптым,
Күңелдәре сәхрә – киң дала,
Таянысым, бер кәңәшсем артты
Донъя тиклем серле донъяла.

Өйрәндең һин аҡыл мәркәзендә
Бураҙнанан ситкә сыҡмаҫҡа,
«Ҡыҫыр башаҡтарҙы урмаҫҡа ла,
Буш һандалға сүкеш һуҡмаҫҡа».

Шағир тигән һүҙҙе әйткән саҡта
Пак булырың, тимәк, билдәле,
Ялҡыныма өрҙө илһам еле,
Ҡанатланып киттем мин әле.

Шул дәрт менән яндым, йәшәнем мин,
Айҙар, йылдар үтте...
Бер көндө,
Командирға рапорт биргән кеүек,
Мөхәббәтем һиңә килтерҙе.

— Беләһеңме, – тинем, – бер уйым бар,
Теләгем ҙур, Рәми, шул саҡлы,
Риза булһаң, бергә йыйылышып,
Уҡыр инек минең китапты.

Уҡыр инек, тик бүлмәлә түгел,
Хыялдарҙы тотмай теҙгендә,
Уҡыр инек лирик шиғыр кеүек
Гүзәл тәбиғәттең үҙендә.

Томбойоҡло күлдән иҫкән елгә
Тулҡынланһын иген бер яҡта,
Сағыштырһаң ерҙең үҙе менән
Шиғыр көсөн булыр һынап та.

Уҡыр инек
еләҫ туғайҙарҙың
Еҫле үләненә күмелеп,
Ғәҙәтеңсә, Рәми, йылмайҙың да:
— Мин ни, риза, – тинең, – бөгөн үк!

Кешеләрҙе күп йыймаҫҡа ҡуштың:
— Ысын дуҫтар, – тинең, – күп булмай!
Шул саҡтағы ҡыҙыҡ бер шаярыу
Һаман әле иҫтә, онотолмай.

Таянырға мөмкин егеттәрҙең
Исемдәрен атап күрһәттең.
— Миңә, – тинем, – бер иптәште генә
Саҡырырға, Рәми, рөхсәттер?

Дөрөҫ булмаҫ ине ул иптәштең
һорамаһаң әгәр кемлеген.
— Ул бит – үҙем! – тигәс, әй, шағирым,
Рәхәт ләззәтләнеп бер көлдөң!

Ни өсөндөр:
— Тик ашыҡтыр! – тинең,
Һин бит әле бик йәш инең дә,
Китереңде алдан һиҙҙеңме әллә,
Белгертмәнең хатта йөйөн дә.

Шикләндереү ҡайҙа,
киләсәккә
Өмөттәрҙең ҙурын яндырҙың.
Беҙ бит, тормош, һинең
йырсыларың,
Әле бына юлға саҡырҙың.

II
Хәтерләйем, шағир, көлә биреп,
Трибунаға сыҡҡан сағыңды,
Рәссам өсөн үҙе бер картина
Әле ҡәләм менән яҙылды.

— Ермен, – тиһең, – ергә баҫҡан
саҡта,
Күкмен, – тиһең, – күккә
баҡҡанда,
Утмын, – тиһең, – дөрләп ут
янғанда,
Һыумын, – тиһең, – йор һыу
аҡҡанда!

Әйтерһең, һин батыр яу башлығы
Ғәскәрҙәрен арттан эйәрткән.
Ташты ярып аҡҡан шишмә кеүек
Саф һүҙҙәрең урғый йөрәктән.

Күңелемдән китмәҫ шағирҙар бар:
Роберт Берне, Сергей Есенин,
Йөрәк ҡабул итте тағы бына
Рәми Ғариповтың исемен.

Йылмаяһың, күрәм,
мин уйлайым
Ошо йылмайыуың хаҡында.
Ғүмерҙәрҙе оҙонайта торған
Сер бар һымаҡ уның артында.

Күҙ йәштәре – күңел тулылығы –
Түкмәҫ булыр уны ир-егет.
Әйтә алам:
һин бит ҡайғынан да
Шатлыҡ табып беҙгә бирҙең, тип.

Яуҙа һәләк булған һалдат-ата
Мөлкәт ҡалдырмаған улына.
Әммә, шағир, үҙ яҙмышың итеп,
Тел байлығын алдың юлыңа.

Шатлыҡ түгелме ни – кешеләрҙе
Йәнең һымаҡ яҡын күреүең,
Яҙ һауаһы кеүек шиғыр менән
Күңелдәргә килеп кереүең?!

III
Тел, тигәндән әле иҫкә төштө,
Шундай һүҙ бар Рәми хаҡында,
Ғәйбәт түгел, ысын хәҡиҡәт был,
Һөйләһәк тә ярай артында.

Өс дуҫ шағир
русса шиғырҙарҙы
Башҡортсаға әүеш иткәндәр,
Тәржемәгә улар йылы һүҙҙе
Рәми Ғариповтан көткәндәр.

Аш янында, хаҡлыҡ алдында ла,
Гонаһ ҡылмай, шағир сауаплы.
Ғәҙәтенсә, көлөмһөрәп кенә,
Былай биргән Рәми яуапты:

— Берегеҙ – һуҡыр,
берегеҙ – телһеҙ, – тигән,
Өсөнсөгөҙ иһә һаңғырау!
Дөрөҫлөктө шулай күҙгә ҡарап,
Әйтеп ҡара, хәтер ҡалдырмай!

— Атҡан уҡты кире бороп булмай,
Улар, – тигән, – инде остолар.
Ҡайһығыҙға – ҡайһы, һеҙ үҙегеҙ
Бүлешегеҙ, – тигән, – ҡустылар!

Асыуланма, Рәми, кәңәшеңде
Фәһемлегә күрә фаш иттем,
Мөхәббәтен йәшереп буламы ни,
Һинең кеүек телгә ғашиҡтың?

Күрәләтә Туған тел янғанда,
Тонсоҡторған саҡта төтөнө, –
Ҡотҡарырға уны һин ташландың,
Янғын һүндереүсе шикелле.

Башҡа төшкән ниндәй яҙмыштан да
Мәхрүм түгел шағир өлөшө,
Һин бит үткәндәрҙең ғазабын да
Йөрәгеңдә тойоп йөрөүсе.

Әйтә алам,
күпме юғалтыуҙар
Беҙҙе утҡа һалған, замандаш,
Юҡ, янманыҡ, беҙ сыныҡтыҡ унда,
Миһырбанлы заттан яралғас!

IV
Йәшлегемдә, Рәми, һинең кеүек,
Аэроклубҡа мин дә йөрөнөм,
Ыласындай бер байҡарға ине
Һауаларҙың зәңгәр киңлеген.

Ситтә йәшәп, дуҫҡай, иртә белдем,
Тыуған еркәй ғәзиз икәнен.
Күсмә ҡоштар һымаҡ, аҙмы көттөм
Осор минуттарым еткәнен.

Тоторға ла юлға – бар уйым шул –
Самолетҡа яңғыҙ ултырһам,
Хуш, Сәмәрҡәнд, хуш ФЗУ-ың менән,
Ғазаптарҙан, имеш, ҡотолам.

Баштан үткән был тарихта, Рәми,
Йөрәк тибешемде ишетһәң,
Ғәжәпләнмә, сөнки мин үҙемде
Нәҡ Отелло һымаҡ хис итәм.

Ул да, шулай, күргәндәрен һөйләп,
Таң ҡалдырған Дездемонаны.
Ҡырҙар улын йылдар эшсе итте,
Әммә йәшлек әрәм уҙманы.

Осоу дәрестәре үтте беҙҙең
Ҡояш өткән һары үҙәндә,
Була инек ҡоштар төркөмөләй,
Ҡыҙ-егеттәр һыуҙа йөҙгәндә.

Унда тауҙар, ярһыу йылғалары
Мине күпме ташҡа һуҡманы,
Селпәрәмә килдем, ә тыуған яҡ
Аҙ Шына ла иҫтән сыҡманы.

Былауҙарың менән һыйлаһаң да,
Барыбер булмам һинең улҡайың,
Үзбәкстан, кисер, ерһеттең бит,
Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым!

Эҫе көндә ҡаты һалҡын алды,
Төштә күрәм бәпкә үләнен,
Ә врачтар тыңлап ҡарайҙар ҙа:
— Әллә нисек, – тиҙәр, – йөрәгең.

Сир ҙә ҡайсаҡ ярҙам итә икән, –
Иптәш булыр әммә оҙаҡмы?
Рәхмәт уға, шәфҡәтсе ҡыҙ һымаҡ,
Өйгә саҡлы ғына оҙатты.

Һайраным да, буғай, сыйырсыҡтай,
Айыра алмай төштән өнөмдө,
Яландағы яңғыҙ аҡ ҡайынды
Мин ҡосаҡлап ҡундым шул төндө.

Шул хис менән күпме дуҫтар таптым,
Һөйөүемде йырлап аңлатам.
Мин һине лә, Рәми, ҡайнар хисле
Шағир булған өсөн яратам.

Шиғырҙарҙың, тап һинеке кеүек,
Ҡандарыңда ҡайнап тыуғаны:
Йөрәктәргә йондоҙ яуҙыралар,
Йәшәртәләр иҫке донъяны.

Һин ашыҡтың сәскә күңелдәрҙән
Бал ҡортолай ынйы эҙләргә,
Һин ашыҡтың табыштарың менән
Яҙ шикелле ерҙе биҙәргә.

Парнастарға илтер Аҡбуҙатың
Торғонлоҡтан аҙмы тышалған.
Хаҡ яҙмышың осҡор Пегасҡа ла
Ырғып менеренә ышанған.

Бүкәндәргә башын ҡуйғанда ла
Ҡайтмаҫ егет әйткән һүҙенән, –
Һин бит шағир, китаптарҙан түгел,
Йомарт тәбиғәттең үҙенән!

Әсә һөтө менән төймәләнгән
Сәскәләрҙе ниндәй нур асҡан?
Был һорауға үҙе яуап бирә, –
Уйҙарына шағир юл асҡан:

— Мин ғүмерем менән бурыслымын,
Йөрәгемдең илһам иле – һин,
«Әсәй» – тигән саҡта һиңә Рәсәй,
«Улым!» – тиерлек булһам ине мин.

Шулай тинең, яҙмыш ҡабул итте
Теләктәрен башҡорт улының.
Кешеләргә һәр саҡ яҡын торҙоң,
Серҙәш ине ябай урының.

Һайлағаны була үҙе кеүек,
Вәғәҙәһен боҙмаҫ егеттең:
Надяң, Надяң, Рәми, Надеждаң да
Яҡтыртты гел шағир өмөтөн.

Мәскәү ҡыҙы Надя «люблю!» менән
Ҡаршылаһа айлы кистәрҙе,
Ғаиләлә «яратам!»ға күсте
Йәш әсәнең һөйөү хистәре.

Телдәр ҙә бит аҫыл гөлдәр кеүек –
Үҫтерергә кәрәк, һаҡларға.
Улдарың да, шағир, үҙ телеңдә
Өйрәнделәр шиғыр ятларға.

Елкәһенә бала атландырып
Үтә, тиҙәр, һине урамдан.
Бала һымаҡ, ул бит киләсәккә
Һөйөү аманаты, туғандар!

V
Һеҙ мөхәббәт хаҡын күтәрҙегеҙ,
Атайҙарса, ысын ирҙәрсә,
Шағир өсөн һынған ҡылыс бит ул,
Ҡайнар һөйөү илһам бирмәһә.

Майҙандарға сыҡҡан көрәшсенең
Билдәле бит әммә ҡурҡмауы.
Хаҡ батырҙың үҙе еңелһә лә,
Билдәле бит һүҙен йыҡмауы.

Ауыр булыр, ләкин үкенмәҫһең,
Ғүмер юлың булмаҫ әрнеүле,
Һин бит лицейҙағы Пушкин кеүек,
Горький мәктәбенең Рәмие.

Хәтеремдә: Рәсәй күләмендә
Өфөлә бер пленум үткәне.
Уҡытыусың – Мәскәү шағирының
Һине ҙурлап, маҡтап киткәне.

Ул торҙо ла бейек трибунанан
Йөрәктәргә һибеп ярһыуын:
— Башҡортостан онотмаһын, – тине,
Рәми Ғариповы барлығын!

Мәскәү һүҙе күкрәү кеүек ине,
Ямғыр болоттарын көткәндә,
Мәскәү һиңә юл биргәндәй булды
Бындағылар ситкә типкәндә.

Кешеләрҙе юҡҡа сығарырға
Бер яман һүҙ етә ни бары,
Изге булғас, бер һүҙ, Рәми, һине
Эшһеҙ интегеүҙән ҡотҡарҙы.

Форточканан иҫеү менән генә
Ел сыбалтмай маңлай сәстәрен.
Боҫрап ятҡан бураҙналар кәрәк
Ҡуҙғалтырға йөрәк хистәрен.

Остоң, шағир, тыуған яҡтарыңа
Һабантурғай булып йырларға,
Яңы китап тыуҙы башаҡтарға
Тос орлоҡтар тулған ҡырҙарҙа.

Иңдәреңә, Рәми, ҡулды ҡуям, –
Тәрән серҙәремә ут күрше.
Кешеләргә һин бит, бер хәйләһеҙ,
Йөрәгеңде бүлеп биреүсе.

VI
Беҙ Өфөнән өсәү юлға сыҡтыҡ,
Юлға сыҡтыҡ ҡоштар киткәндә,
Көҙмө ни, юҡ, унда яҙҙар ине,
Ауылдарҙа дуҫтар көткәндә.

Иҫтә ҡалды, Рәми, бер һөйләшеү, –
Сюжетыма уңыш теләнең:
— Проза, – тинең, – һүҙсән әсә һымаҡ!
Ә шиғырҙы ҡыҙға тиңләнең.

Йәш тәлгәштәр яңы уңыш бирә –
Иҫкеләре инде өҙөлһә,
Талант ҡына таба үҙ тауышын,
Йәшәүҙе лә һөйә үҙенсә.

Төрлө мода мөгөҙ сығарғанда
Мауығыуҙар менән ярышта,
Ә һин һалдат кеүек атлап үттең
Хәйәмдәрҙән килгән маршта.

Ике йөҙлө булып йәшәмәнең
Илдә, Рәми тигән ир-егет.
Юғарыла – тулған ай шикелле,
Ә түбәндә – тыуған ер кеүек!

Тормош юлдарында аҙмы шиктәр
Эт эсәге һымаҡ урала.
Ышанысты юғалттырмаҫ өсөн
Көслө рухтар килә донъяға.

Һин торғанһың, Рәми, теге саҡта,
Клуб тәҙрәһенә тотоноп,
Хәҙер инде яҡты, иркен залда
Халҡың тыңлай һине йотлоғоп:

— Мин ышандым ысын иманына,
Бар моңона бөтә телдәрҙең,
Миңә яҡын, ғәҙел, яҡты, – тиһең, –
Туған ғаиләһе илдәрҙең.

Ауыҙыңда тәмләп тоторлоҡ бит
Һүҙҙәреңдең татлы емеше.
Донъяла был – исем өсөн түгел,
Хеҙмәт итеп йәшәү өлгөһө.

Һиндәге дәрт... шиғыр уҡығас та,
Һүнмәй һаман, дөрләп янаһың,
Тулҡындарға төшөп йөҙгән кеүек,
Йәштәр менән кискә ҡалаһың.

VII
Хәтерләйем, Рәми, аҡрын ғына
Юлда көй көйләгән сағыңды:
— Был бит «Сибай» – эсте өҙә торған,
Йөрәккәйең кемде һағынды?

Һин шаярттың:
«Шағир әйткән, – тинең, –
Йырһыҙ үткәнем юҡ юлдарҙы».
Йырлы, моңло юлдар йөрәктәргә,
Ахыры, ебәк булып уралды.

Әй, тыуған ер, ниндәй төҫөң менән
Ҡараның һуң әле һин беҙгә?
Ҡанатлана уйҙар, үҫә күңел
Яҡынайған һымаҡ диңгеҙгә.

Бөйөк Ғәлимйәндең төйәге был,
Булмаһа ла бында ҡәбере, –
Ауырғазы яғы – Солтанморат –
Үҙ йортобоҙ һымаҡ ҡәҙерле.

Ҙур әҙиптең илһам ҡаяларын
Эске ярһыу менән күҙәттек:
Ғорур тауҙар дауыл ҡупҡанда ла
Йәшәмәйҙәр төҫөн үҙгәртеп!

Кешәнленең урам батҡаҡтарын
Теҙҙән батып тағы кем йырған?
Мәктәптәге борғо тауыштары
Урын һорай бөгөн шиғырҙан.

Әйтерһең дә, ҡапыл күк күкрәне –
Барабандар гөрләп ҡағылды...
Беҙ – пионер!
Йәшендәре йәшнәп,
Почет галстугы тағылды.

Мин уйлайым, Рәми, шул турала:
Түрәләр күп – быуа быуырлыҡ.
Милләт киләсәген кем ҡайғыртҡан,
Берәү бармы һиңә торорлоҡ?

Хыялымда сәскәләргә күмеп,
Данлы һәйкәлеңде баҫтырам,
Йән талашып, һин ул
башҡорт телен
Уҡытырға класс астырған.

Ошо шатлыҡтарҙы бүлешергә
Алып ҡайтҡан, гүйә, ҡанаты,
Сәләх Кулибай ҙа беҙҙең янда –
Ватан һуғышының һалдаты.

Йырҙағыса ошо аҫыл ирҙе
Йә, ҡайһыбыҙ яҡын күрмәгән,
Әҙиптәрҙән кем бар,
Сәләх дуҫҡа
Йөрәгенән урын бирмәгән?

Күктә йөҙгән аҡ болоттар бейек,
Болоттарҙан бейек ҡояш, ай,
Һинең мөхәббәтең бейеклеге, –
Булды, Рәми, – Сәләх Кулибай.

Ҙур ғаиләң мохтажлыҡта саҡта,
Һөйөүеңде, Рәми, аңланым:
Кулибайға йәшәр урын булмай,
Һин үҙеңә фатир алманың.

Шағир һәм яугиргә булған һөйөү
Ҡанда шытып сәскә атҡан ул, –
Һинең атаң, минең ағайҙарым
Ятып ҡалған ерҙән ҡайтҡан ул.

Тере көйө уның баш осонда
Матәм маршын һуғыш уйнаған,
Ә көрәшсе, утта янғанда ла,
Үҙен түгел, илен уйлаған.

Шағир өсөн
Тыуған илдән башҡа
Ғәзиз бер нәмә юҡ ғүмергә.
Шул хис менән йәшәү дауам итә,
Шул хис менән – донъя көтөлә.

Шул хис менән шиғыр уҡыныҡ та,
Инде күршеләргә китәбеҙ.
Хушлаштырһа, тағы осраштыра, –
Юлдар айыра, гел, тимәгеҙ.
Сыҡҡан һайын халыҡ ҡаршыһына,
Ҡояшҡа беҙ яҡын киләбеҙ.

Ергә тирен түккән игенсенең,
Яҙҙар еткәс, яна йән уты,
Осрашыуҙар –
бына шул бит инде
Шағирҙарҙың сәсеү ваҡыты.

Беләм, Рәми, ошо күҙ нурҙарың:
— Игелек күр, – тиҙәр, – игелек!
Күҙ нурҙарың – Илһам орлоҡтарың
Йөрәктәргә ҡалды һибелеп.

Оя баҫҡан былбыл тыңлағандай
Балалары тауыш биргәнен,
Ишетәмен, шағир,
йырҙарыңда
Таныш моңон ошо көндәрҙең.

Торғонлоҡта ябай халыҡтың да
Күп йыйылған илгә әйтере.
Кеше ҡанын эскән кемде булһын, –
Ғәфү итмәй тарих хәтере!

VIII
Ҡайтҡан саҡта, Рәми,
ҡалып торҙоң:
Кабинаға өсәү һыйманыҡ,
Һин машина көтәһеңдер кеүек,
Оло юлда һаман уйланып.

Һүҙ ҡуйһаҡ та, үкенескә ҡалды,
Вәғәҙәне үтәп булманы, –
Өсәү төшкән фото урынына
Ҡалһын инде шиғыр юлдары.

Төшкән булһаҡ, иҫтәлекле фото
Күҙ алдына килә ул шулай:
Урталыҡта тора ел теймәҫтәй
Ҡара сәсле Сәләх Кулибай.

Ә һин, Рәми, шундай ҡәнәғәтһең,
Яратыуың тора һиҙелеп.
Йылмайыуың ҡояш нуры төҫлө,
Йөрәктәргә төшә һибелеп.

Магнит тартҡан һымаҡ,
башың бер аҙ
Кулибайға табан эйелгән.
Мин ғүмерлек фәһем алдым, Рәми,
«Сәкү» дуҫты һинең һөйөүҙән.

Шағир дуҫҡай, мин дә һинең кеүек,
Рәшит Ниғмәтиҙе яраттым.
Иғтибарҙың сырмаланған осон
Таптым, тигәс, ҡабат юғалттым.

Иҫән саҡта бергә йәшәп була,
Донъя әммә кемдән ҡалмаған,
Һеҙ дуҫтарҙың ҡәбере лә күрше,
Әжәл дә бит айыра алмаған!

Айҙар, йылдар буйы күрмәһәң дә,
Тик йәшәһен икән дуҫтарың!
Дуҫтар булһа, ел дә йомшаҡ иҫә...
Шул өлөштән мин бит буш ҡалдым.

Алыр булғас ниңә, донъя, шулай
Кинәндерҙең, шатлыҡ кисертеп?
Кем уйлаған аяҙ күңелдәргә
Ҡайғы күләгәһе төшөр тип.

Ышаныслы ғүмер,
көтмәгәндә,
Ышанмаҫлыҡ хата яһаның...
Ишетелеп һаман йөрәкһетә
Моңдарыңдың өҙөк аһәңе.

Һуңғы тапҡыр урын һайлағанда
Ынтылманың, Рәми, һин айға.
Йәнәш Ҡалдың һүнмәҫ һөйөү менән
Ҡарлуғасың – Баязит Бикбайға.

Һағыштарҙан томан ҡуйырғанда
Рәми тиһәм, бер нур сағыла,
Һине уйлаһам,
мин бит Ҡабат ҡайтам
Пионерға ингән сағыма.

Һиңә булған һөйөү шундай тәрән,
Үҙең кеүек сабыр булған ул,
Һиңә булған һөйөү гөлдәр кеүек,
Яҙҙы ғына көтөп торған ул.

Башҡортостан ҙурлап иҫкә ала,
Халыҡ шығырым тулған клубта
Илле йәшең һине күрмәй үтә.
Мин, таяҡлы бер ҡарт булып та,

Ҡалдым, Рәми, теге һинең хәлдә –
Эскә йырып үтеп булманы, –
Башҡарылған
шиғыр, йырҙарыңды
Асыҡ ишек аша тыңланым.

Йән дуҫтарың берәм-һәрәм ине...
Үрсегәндәр үҙең юҡ саҡта.
Аҙ тиһеңме ҡулын йылытыусы
Данлы шағир яҡҡан усаҡта.

Ҡаратауға әйтәм:
— Өфө тауы
Гөлһөҙ тотмаҫ улың ҡәберен,
Әллә ниңә һуңға ҡалғас ҡына
Белә кеше шағир ҡәҙерен.

Һин – изгелек, кем –
яуызлыҡ менән:
— Йә – мин, йә – һин! –
тигән алышта,
Хәрәмләшмәй еңеү ошо инде, – Батыр ҡалдың, шағир, тарихта!

Зәңгәр экран, эфир тулҡынында
Ҡурайҙыҡы һымаҡ таныш моң, –
Инде мәңгелектән өндәшәһең,
Был бит, Рәми, һинең тауышың!

Әйтерһең дә, тағы яҙҙар килгән,
Тәбиғәттең ташҡын, йыр айы,
Күкрәгеңдән осоп сыҡҡан төҫлө
Ярһып һайрай һабан турғайы:

— Эш эшләйек артыҡ һүҙ ҡуйыртмай,
Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе,
Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен,
Хөкөм итһен заман, ер үҙе!

Халыҡ шағирының буласағын, –
Был исемде көтөп торманың,
Әммә, Рәми, халыҡ күңелендә
Оҙаҡ йәшәр йөрәк йырҙарың.

Дөрөҫлөктө табыу ауыр, тиҙәр,
Миңә насип итте күрергә, –
Ул талантлы шағир Рәми булып,
Беҙҙең менән йөрөгән гел бергә.

Һәр бер заман түрҙән урын бирер,
Онотмаҫтар уны йәштәре,
Ул бөгөнгө хистәр менән янып,
Хаҡ киләсәк өсөн йәшәне.

IX
Онотолмаҫ, эйе, ана бит ул, –
Туҡталышта, асы буранда,
Троллейбус булып, килеп етте
Тешкә теш бәрелеп торғанда.

Салауаттың данлы бүләгенә
Һин дә, Рәми, лайыҡ булғанһың,
Эре итеп яҙып ҡуйылғанһың,
Тимәк, мәңгелеккә тыуғанһың.

Беҙ ултырып киттек,
һин әле лә,
Халыҡтарға хеҙмәт итәһең,
Рәми, әйҙә, һөйләшәйек әле,
Ҡыҫҡа ваҡыт бушҡа үтмәһен!

Йыйылыштан зиңкеп ҡайтып барам,
Ҡыйын хатта телгә алырға:
Мин ғүмерем буйы әҙерләндем
Үҙ хаҡымды даулап барырға.

Көттөм таш бәғерҙәр йомшарғанын...
Рухҡа азатлыҡтар бирелде,
Ирек, билдәлелек заманының
һөҙөмтәһе нимә, күр инде...

Башыма ҡан һауҙы: уйлап тормай,
Тел күҫәге менән һуҡтылар,
Һинең «дуҫтар», Рәми,
юлбаҫарҙай,
Яҙмышыма ҡаршы сыҡтылар.

Милләт шағирына ҡул күтәреп,
Телде тарҡатырға кәрәкме?
Был бит, Рәми,
бысраҡтарға ташлау
Хуш еҫле һин ҡойған кәрәҙҙе.

Һинең ҡайғың, Рәми, миңә күсте.
Әрнеүҙән һин үлеп ҡотолдоң.
Поэзия күген яҡтыртҡанда,
Ҡояш һымаҡ аҙмы тотолдоң!

Кешеләргә кеше баҙ ҡаҙыһа,
Бер ни түгел һәләк булыуың.
Үткәндәрҙең ҡанлы фажиғәһен
Ҡабатлама, иптәш саф быуын!

Өйһөҙ этте әгәр йылан саҡһа,
Үлән табып үҙен дауалай.
Яраланһа, им бар кешегә лә –
Башты түбән эйеү ярамай.

Беләм, Рәми, ижад етем итмәҫ,
Илаһи ут менән янырмын.
Моңдарыма кире ҡайтыр өсөн,
Йырҙарыңдан илһам алырмын.

X
Бер иларға ине, – күптәр шулай
Ҡайғы болоттарын үткәргән.
Атылырға хөкөм ителгәндәй,
Күҙ йәштәрем күптән кипкәндәр.

Дөрөҫ икән, донъя бөтөнләй үк
Мәхрүм түгел йомарт кешенән,
Бер йәш шағир мине яҡлап сыҡты,
Кинәнгере, тимен, көсөнән.

Шәкертең ул, Рәми, үҙең һымаҡ
Хаҡлыҡ өсөн ҡурҡмай алышҡан,
Хәсән Туфан да бит уның менән
«Бабич төҫлөһөң», тип танышҡан.

Боҙолмаған, ҡойроҡ болғамаған,
Һатылмаған данға алданып,
Үҫеп килә шағир, боронғоса
Иман ҡөҙрәтенә ялғанып.

Яҡлауҙарҙан маҡтауҙарға күскәс,
Авангардҡа еткәс мәсьәлә,
Бына ҡасан ҡара болоттарҙа
Миңә ҡаршы йәшен йәшнәлә.

Рәйес, түҙмәй, үҙе ырғып торҙо,
Күрһәң ине төҫөн, их-хи-хи?!
Русса әйтте: «Не дразни гусей,
Мы ведь тоже пишем стихи!»

Яҙған, яҙған, әжерен дә алған,
Ниндәй күлгә ҡармаҡ һалмаған,
Күкрәгенә миҙал теҙә-теҙә,
Тағыр урыны ла ҡалмаған.

Теге саҡта модаһы шул ине,
Маңҡорттар ҙа орден таҡтылар,
Ҡырмыҫҡанан атты уҙҙырмаҫҡа
Таланттарға юлды яптылар.

Торғонлоғо – насар,
яҡшы икән –
Хәҙер билдәлелек заманы!
Маҡтап үҫтерелгән егеттәре
Йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаны.

XI
Кешеләрҙән башҡа йәшәп булмай,
Кешеләрҙе берүк һаҡлағыҙ!
Дәрәжәләр ситкә типкән саҡта
Хаҡлыҡ көсө менән яҡлағыҙ!

Дөрөҫлөктө, бар һин, юллап ҡара,
Һис тайпылмай үҙең аҡ юлдан,
Теләһәләр, һау-сәләмәт көйө
Яҙҙырмаҫтар, тимә, аҡылдан.

Һүҙ ыңғайы, Рәми, иҫкә төштө,
Оноторлоҡ түгел, күрәһең:
Бер ваҡыт бит һин дә
саҡыртылып
Өлкә комитетҡа кергәнһең.

Секретары урынынан тороп,
Күрешмәгән әммә ҡуш ҡуллап.
«Мәскәүгә тип яҙған писанинаң
Килеп етте!» – тигән мыҫҡыллап.

Яңылыҡты тимгеп ҡуя торған
Блокнотың булған кеҫәңдә,
Алғанһың да теркәй башлағанһың,
Был урында ярай, көлһәң дә.

«Нимә яҙҙың?» –
Теге һорай икән
Ҡыйғас ҡашын ҡапыл емереп.
— Обком ағай: «Писанина!» – тине,
Онотмаҫҡа ҡуям күсереп.

Секретарҙың ҡобараһы осоп
Хатта блокнотҡа үрелгән:
— Мин шаярттым, – тигән, –
ҡуйсы, яҙма! –
Шағир Алла булып күренгән.

Минең яҙмышымды хәл ҡылғанда
Рәйес уйламаны ҡурҡырға.
Әйткән һүҙен, Рәми, һинең кеүек,
Русса тимгеп ҡуйҙым шиғырға.

Бына кемдәр ҡанға тоҙ һалдылар...
Мин аңланым һине, эй, Рәми!
Һүҙ менән эш ҡасан татыу йәшәр,
Рәнйей күңел, йөрәк бик әрней.

Тәбиғәтте ҡырау һуҡҡанда ла,
Гөлдәр үҫә, тағы яҙ етһә,
Кешеләр ҙә гөлдәр кеүек тә бит,
Улар ҡайтмай, ерҙән бер китһә.

Үҙе юҡтың күҙе күрмәһә лә,
Хаҡ бизмәндә үлсәп тағы бер,
Үҙ улдарын халыҡ һайлап алып,
Урынына ҡуя барыбер.

XII
Берәм-берәм сәскә атҡан кеүек,
Өҫтәлдәге ҡына гөлдәрем,
Хәбәрҙәрең һаман ишетелә:
Йомарт булған, Рәми, йөрәгең.

Атай кеше бына үҙе һөйләй,
Хистәремә һүҙе ялғана, –
Йәш шағирҙың тәүге улы үҫкән
Һин тапшырған бүләк арбала.

Тыңлағанда, Рәми, күңел тулды,
Таммаһа ла күҙҙән йәштәрем.
Һин бит улың менән икегеҙгә
Тик бер кейем кейеп йәшәнең...

Бер көн эштә, Азаматың килгәс,
Мин дә сыҡтым күреп ҡалырға
Туфлийыңды сисә-сисә әйттең:
«Уңайһыҙ бит, ҡайта ауылға!»

Әллә инде мине ҡайғыртмаҫҡа
Йылмайҙың һин, илар урында.
Ярлылыҡтан шулай зарланмаҫҡа
Кәрәктер шул Рәми булырға.

Ҡыҙ, улдарың ҡасан үҫеп еткән,
Ғашиҡмын, тип артыҡ шашманың.
Кисә генә һымаҡ, уҡыу бөтөп,
Газетала эшләй башлауың.

Киске ашҡа мине алып ҡайттың,
Сит фатирҙа өйҙәш торһаң да,
Шунда күрҙем шағир мөхәббәтен –
Сибәр ине килен, уңған да.

Шиғырҙағы һымаҡ, һөйөүҙә лә
Түрҙә ине, Рәми, дәрәжәң,
Һау сағыңда ҡылған ғәмәлдәрең
Булған икән бары хәләлдән.

Теге саҡта үҙең биргән арба
Ярҙамға, тип, килеп өлгөрҙө, –
Әсәләре шаһит, ғаиләңдең
Ҡанат аҫтына ул ел өрҙө;

Тулҡынлатып беләк мускулдарын
Һин дә бесән саптың да баһа.
Йөҙ йәшәрлек егет инең дә шул,
Шиғыр өсөн йәнең янмаһа...

Етемлеккә яҙмыш һуҡмаҡ һалды,
Иртә булды донъя ҡуйғаның,
Ғаиләңде әммә «тегенән» дә
Бөтәйттең һин, Рәми туғаным.

Китаптарың сыҡты бер-бер артлы,
Аңланылар һине кешеләр.
Атай һүҙен әйтмәй үҫһәләр ҙә,
Балаларың сәскә төҫлөләр.

Күңел төшкән ауыр минуттарҙа
Рухты күтәрергә теләһәм,
Мин әле лә китабыңды алып,
Рәми, һинең менән һөйләшәм.

Ҡулға тотһам «Башҡортостан ҡыҙы»н,
Иҫкә төшә, Рәми, көр хисең:
«Әйҙә, – тинең ярһып, – хат уҡыйбыҙ!
Эш бүлмәңә индек бер кисен.

Һин уҡының, ә мин тыңлап торҙом,
Сыҡтыммы ни тамуҡ арҡылы, –
Томандарҙы таратыусы хаттың
Хәсән Туфан ине авторы.

Үс һаҡламай, асыу тотмай бер ҙә,
Егерме йыл һөргөн йөрөп тә,
Тыуған илгә тел тейҙертмәй шағир, –
Шуның өсөн Туфан бөйөк тә.

Ул ваҡытта «дошман» тигән һүҙгә
Ҡайҙа дөрөҫ яуап табылыу?
Оло ҡәләмдәшкә өндәшергә
Мәжбүр иткән һине «Табыныу».

«Тарих тикшерер!» –
тип ул хаҡ әйткән,
«Ғәйеплеләр» ап-аҡ аҡланды.
Туфандағы ватандарлыҡ хисе
Шағирҙарҙа ниңә ваҡланды?

Том-том ҡалын китаптарын асып
Классиктар торғас артында,
Бармағы ла утта бешмәгәндәр
Хәбәр һөйләй яныу хаҡында.

Төрлө-төрлө була кисерештәр, –
Беҙҙең йөрәктәге емештәр,
Инкубатор себештәре төҫлө,
Шиғырҙар тик ниңә бер иштәр?

Поэзия таланттарға мохтаж,
Ҡарт төлкөләр аҡса һуғалар.
Йәштәр күпләп, хәл белергә генә,
Юл ыңғайы инеп сығалар...

Юғалтһа ла, тарих эҙләп таба
Йондоҙҙарға ашҡан ирҙәрҙе.
Башҡортостан, Рәми
ятҡа түгел,
Әжәлгә лә һине бирмәне!

Донъя һаман, Рәми, һинһеҙ тормай,
Исемең – тәсбих халыҡ телендә,
Тыуған көнөң һайын оло байрам,
Яҙҙар килтерәһең күңелгә.

Бурандарға тағы инеп киттең,
Күңел тулды, тамһын йәш, әйҙә.
Йәшнәп ҡуйҙың,
хушлашыуың түгел,
Сәләм биреүең был йәшәүгә.

Ҡояш, үҙен иркәләгән кеүек,
Сәскәләргә һибеп нурыңды,
Шиғыр уҡып, Рәми, ҡаршы алыр
Ергә килгән һәр бер быуынды.

Мин белмәйем нимә, шиғырмы был,
Поэмамы – ғазап сиккәнем?
Ләкин асыҡ беләм хистәремдең
Йөрәк һүҙе, һағыш икәнен.

Карам Бакиров
1991 йыл