Рәмзилә Хисаметдинова. Серле шишмә

Посвящения

Еләк йыйып арып ҡайтып барышлай,
Йәйҙәрҙең дә иң бер томра көнөндә
Осрағандай дым бөрккән бер шишмәгә,
Түбәләстең күкрәгенең иң түрендә.

Һәм эскәндәй күҙ йәшеләй һыуҙарын,
Ҡарағандай үҙ йөҙөңә уйланып,
Күҙҙәреңдең иң-иң тәрән ерендә
Әллә ниндәй кисерешле моң табып.

Танығандай һин ошо саҡ үҙеңде
(Шишмә ихлас, көҙгө ҡайһы саҡ алдай),
Ошо мәлдә тир һәм саңдан йыуылып,
Кинәт кенә күңел йөҙөң асылғандай.

Был шишмәнең һыуы үҙе мөғжизә,
Күңелдәрҙе нурлы хистән ҡамаштыра.
Нәҡ ошолай һоро көндөң эҫтәрендә,
Төндә күргән сағыу төштәр аҙаштыра.

Йәйҙәрҙең дә иң бер томра көнөндә,
Һыуҙарыңда тойоп сихыр барын,
Эйеләмен серле шишмә өҫтөнә –
Уҡыйым мин Рәми ағай шиғырҙарын.

Рәмзилә Хисаметдинова