Таңһылыу Ҡарамышева. Ағай

Посвящения

Йәнем китер осоп күктәргә.
Рәми Ғарипов

Ниңә шулай йәнен иртә ала,
Эй, раббым, тик изге кешеләрҙең?
Яуыз бөткәнме ни ер сүпләгән?
Ошо уй бит мейе бешергәне.
Көсәйергә теләй, ахыры, Алла
Ирек һөйгән йәндәр иҫәбенә,
Ҡаршы тороу өсөн йәннәт менән
Йәһәннәмдең ҡара көстәренә.
Осоп китә күпме аяулы йән
Аяуһыҙ ҙа донъя күктәренә.
Йыһан ҡорбанымы был кешелек,
Һулыш мәллә һауа күкрәгенә?
Күккә осоп киткән аҡ йәнкәйең
Башҡорт рухы менән ҡауыша бит,
Көсәйҙе бит халҡың, Рәми ағай,
Азатлыҡ тип тағы алыша бит...

Таңһылыу Карамышева,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты