Нур Хәбиров. Таңғы моң

Посвящения

Рәмигә
Моңло ғына йырҙар ҡыҫҡа була,
Ғүмере әҙгә – моңло буламы?
Әҙ ғүмерҙә тетрәп ҡалайым тип,
Күңелдәргә килеп туламы?!

Ниңә ҡыҫҡа булдың, таңдағы моң,
Ник көтмәнең ҡояш байыуын?
Таңғы күктә ҡояш түгел ине –
Айы ине тик яҙ айының.

Ҡояш байыуҙарын көтөү түгел,
Ҡалҡыуын да уның көтмәнең.
Өмөт, шатлыҡ булып килгәнгәме,
Беҙгә шатлыҡ булып китмәнең!

Моң-һағышы оҙон ҡыҫҡа йырҙың, –
Шуға, ахыры, ғәзиз булғандыр.
Үҙәк өҙгөс таңғы йыр ине ул, –
Оҙон буламы һуң таңғы йыр?!

Нур Хәбиров