Венер Йәнбәков. Яу яланы

Посвящения

Яратҡан шағирым Рәми Ғариповтың
мин фәҡирегеҙгә арналған шиғырын уҡығас

Шиғриәткә саҡырып килтерәләр,
Шиғриәткә яулап инмәйҙәр.
Таланттарға төҙәп уҡ аталар,
Тик таланттар бынан шиңмәйҙәр.

Шиғриәт ул – утлы яу яланы...
Бихисап күп унда ҡурҡаҡтар.
Йөрөй улар ағас мылтыҡ аҫып,
Шағир данын хәмсеп-уртаҡлап.

Мин дә яугир, эйе, Рәми ағай,
Бер эш тә юҡ ҡулдан килмәҫлек.
Тик шаңҡыта ғүмер юлдарымда
Баҫалҡылыҡ, иләҫ-миләҫлек.


Саҡырмасы, кәкүк, әй, саҡырма,
Ҡалын урмандарҙа тилмереп,
Һин ғәйепле: ғүмер аҙ юраның,
Йырлаһа ла шағир тиң күреп...

Үкенесле Рәми яҙмыштары...
Кәкүк һымаҡ моңло йән ине.
Бер уйлаһаң, икегеҙ ҙә – йырсы,
Был донъяға оло йәм ине.

Саҡырһаң да хәҙер, күк кәкүгем,
Шағир һинән ғүмер һанатмаҫ.
Урмандарға сыҡмаҫ, ҡоштар моңо
Талған йөрәккәйен ҡанатмаҫ.

Саҡырмасы, кәкүк, әй, саҡырма,
Ҡалын урмандарҙа тилмереп.
Ҙур шағирға ғүмер аҙ юраның,
Яңылыштың бит үҙең тилереп...

Венер Йәнбәков