Сулпан Иманғолов. Иле барҙың — теле бар

Посвящения

Рәми Ғарипов иҫтәлегенә

Ере барҙың – иле бар,
Иле барҙың – теле бар.
Теле барҙың үҙ халҡына
Әйтер затлы һүҙе бар.
Һинең булды ерең дә,
Йәнең һөйгән илең дә.
Халҡыңа бәхет теләге
Һис төшмәне телеңдән.
Йырҙарыңда ул теләкте
Тәҡрарланың мең ҡабат...
Яҙғандарың ҡалды
Булып
Ейәндәргә аманат.

Сулпан Иманғолов
1977 йыл, февраль