Тимер Йосопов. Рәми Ғариповты төштә күргәс

Посвящения

Шағирҙы мин төштә күрҙем,
— Ҡайҙа юғалдың? – тинем.
— Юғалманым,
Мин ҡаршыңда,
Балауыҙ һыҡма, тиле.
Бер һыҡтайһың,
Бер көләһең,
Иңемә һуҡма, – тине, –
Һөйөүҙәрем инде, ахыры,
Һандуғас телдәренә.
Ил шатлығын,
Ил ҡайғыһын Йөкмәнем иңдәремә...
Һүҙе бөттөмө шағирҙың –
Болондарҙа тулайым,
Шатлығымдан илайым,
Сеү, төшмө ни,
Төш булған,
Ҡайттым мин өндәремә,
Йәш аға мендәремә...

Тимер Йосопов
1977 йыл