Рәмил Йәнбәк. Рәмигә хат

Посвящения

Һандуғастар һайрап үлә,
Йөрәктәре ярылып.
Халыҡ йырынан

«Рәми» йәки «Рәмил» тиһәм
һиңә,
Аптырама, данлы аҙашым.
Быйыл миңә һинең йәшең тула:
Ҡырҡ биш йәштә һүнде
ҡарашың.
Ҡырҡ биш йәштә һине
оҙатҡайныҡ
Мәңге ҡайтмай торған тарафҡа.
Ҡырҡ бишеңдә булдың һин
аҡһаҡал –
«Ҡартлас» итеп Алла яратҡан.
Аҡыллы ла, сабыр һәм
көслө лә –
Имән төҫлө инең баһадир!
Шул кешене беҙҙән алып
китте –
Хоҙайыңа үҙең баһа бир.
Хәйер, ниндәй шағир үҙе теләп
Кергәне бар ҡара гүрҙәргә?!
Киткәнеңә артыҡ үкенмә һин –
Бер нәмә юҡ беҙҙә үҙгәргән.
Шул уҡ ғәйбәт менән хөсөт
тулы,
Дарыу тиеп ағыу бирәләр.
Выждан, сафлыҡ – сүплек
эргәһендә,
Үс һәм мәкер күкрәк кирәләр.
Тар маңлай һәм текә елкәлеләр
Әүәлгесә хаким донъяла.
Ижад илен сүп-сар ҡаплап
китте,
Талант унда саҡ-саҡ тын ала.
...Ҡорҙаш, тиеп һиңә өндәшһәм дә,
Малай төҫлө тоям үҙемде.
Арабыҙҙа булһаң, ҡалмаҫ инең
Әйтмәйенсә олпат һүҙеңде.
Ҡыуып еттем һине: мин дә хәҙер
Ҡырҡ биш йәштә, Рәмил
аҙашым.
Заманында һин – аҡһаҡал
булдың,
Ә мин заманымда – аҙаштым.
Хуш бул, шағир! Һиңә
көнөбөҙҙән
Бер кәлимә сәләм еткерҙем.
Йәшкә һинән өлкән
булырмынмы? –
Юрап булмай ҡасан китерҙе...
Һиңә ерҙән сәләм еткерҙем.
Белеп булмай ҡасан китерҙе...

Рәмил Йәнбәк