Ҡәҙим Аралбай. Йөрәгенә төйөп әрнеүен

Посвящения

Был мәҙхиә түгел йылмайыуға,
Шиғри венок түгел Рәмигә.
Күп кәрәкме йырға:
Йөрәктәрҙең
Һағыш уты бер аҙ кәмеһә!

Һабантурғай булып йыры сыңлай,
Йылмайыуы китмәй хәтерҙән,
Йыйырсыҡлап йөҙөн, ҡыҫып күҙен,
Көлөп килер кеүек хәҙер ҙә.

Йүрүҙәнкәйенең йор ағышы
Ҡушылғандай көмөш томанға,
Тулҡын-тулҡын ятҡан сәстәренә
Күкһел төтөн булып уралған.
Йылмайыуы – тоташ һағыш ине,
Келәүҙәре – оло бер ирмәк,
Урты тулы ҡан булһа ла бөркмәҫ,
Дошманына мәңге сер бирмәҫ!

Йылмайыуы – тоташ һағыш ине,
Һағыш ине, әммә зар түгел.
Ул йөрәктә һис бер зар булманы,
Зар яратыр бары тар күңел.
Һағышы ла уның самимиҙыр,
Һағыныуҙан тыуған ул тойғо,
Һағынды ул беҙҙең ихласлыҡты,
Ғиффәтлектең кәмеүен ул тойҙо,
Һағышланды, әгәр күңелдәрҙә
Изгелектең күрһә кәмеүен.
Ул йәшәне, йоҙроғона түгел,
Йөрәгенә төйөп әрнеүен...

Ҡәҙим Аралбай,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
1977 йыл, март