Рәсимә Ураҡсина. Шағир йөрәге

Посвящения

Йөрәгем минең – ҡәберлек,
Унда үткәндәр илай.
Йөрәгем минең – сәңгелдәк,
Унда киләсәк дулай.
Рәми Ғарипов
Шағир йөрәге –
Сабый күҙҙәре.
Шағир терәге –
Кеше йөҙҙәре.
Шағир йөрәге –
Асылыр бөрө.
Тормош-мөғжизә,
Тылсымын өрә.

Шағир йөрәге –
Асылған сәскә.
Кешеләргә ул Матурлыҡ сәсә.
Шағир йөрәге –
Мөхәббәт нуры,
Яҡшыға өндәй
Йырлаған йыры.
Шағир йөрәге –
Ышаныс тулы.
Шағир мәңгегә
Халҡының улы.

Фани был донъя
Уны аямай,
Йәнен өҙгәләй,
Йырын аңламай.
Оҡшаманы йыр –
Берәү тапланы.
Йөҙө асылғас –
Берәү тапаны.
Табыныусылар
Яҡламанылар
Ҡарап торҙолар –
Аҡламанылар...

Бөтә Ер шарын
Һыйҙырған йөрәк.
Уға ни бары
Ышаныс кәрәк.
Ышанысһыҙ ул
Ҡанһырап үлде.
Таплаусылар ҙа,
Тапаусылар ҙа
Күҙ йәшен һөртөп,
Бергәләп күмде.

Шағир йөрәге
Фани донъяны
Урап сыҡты ла
Йыһан нурланы.
Шағир йөрәге –
Йондоҙло заман.
Ер имен булһа,
Ул тибер һаман!
Ул тибер һаман!