Хәсән Назар. Ерҙә ҡала иман

Посвящения

Өлөш бүлеүселәр ғүмер баҡый
Күрһәттеләр миңә һаранлыҡ.
Малтабарлыҡ менән мас булманым,
Хас булманы миңә яранлыҡ.

Еңел түгел үҙең булып ҡалыу,
Һаҡлай алыу рухты, зауыҡты.
Тән йәнселгән, йән сәнселгән саҡта
Халыҡ йырын тыңлап һауыҡтым.

Йоталманы тормош, араланы –
Юғары уй кемдә, ысын моң.
Өлөш итеп түгел, яҙмыш итеп
Бирҙе ерем шиғыр тылсымын.

Туҡай сазы менән Бабич рухы
Ҡурсаланы үкһеҙ йөрәкте.
Күңелемә Туфан килеп керҙе,
Бирҙе, тиеп, донъя кәрәкте.

Рәми ағай! Үлеп һағынам мин
Бергә-бергә үткән ун йылды.
Йөрәгеңдән йөрәгемә минең
Изге аманаттар уйылды.

Әйтәм – һорап түгел, ярап түгел,
Киткән өсөн түгел оҫтарып:
Күҙ йәштәрем ҡәбер ташығыҙҙың
Йыуһын саңын, бөйөк заттарым.

Олоһонан, кесеһенән ерҙә
Сер сисерҙәй дуҫтар бар әле.
Фани донъяларҙың табуттары
Мин һыйырлыҡ түгел, тар әле.

Ерҙә ҡала иман. Йырҙар ҡала.
Мин дә алып китмәм ҡәбергә.
Борсолмағыҙ, өлөш бүлеүселәр,
Борсолмағыҙ әле хәҙергә.

Хәсән Назар