Сафуан Әлибаев. Үҫте миләш

Посвящения
«Миләш-кәләш»те уҡығас...

Үҫте миләш оло урманда,
Ағастар күп булған ерҙә;
Башҡалары ниҙәр күрһә,
Ул да күрҙе бергә-бергә.

Әммә уның үҙ төҫө бар,
Япраҡтары бөҙрәләнде.
Яҙ һайын ул сәскәләнеп,
Тәлгәшләнеп бөрөләнде.

Артыҡ күккә ынтылмайса,
Ботаҡтарын түбән эйҙе,
Гүйә шулай ҡосаҡларға
Тырышты ул тыуған ерҙе.

Йәш бәрәләр ҡалҡып сыҡты
Уның ышыҡ төптәрендә;
Үҙ ҡоштарын ҡундырҙы ла
Һайратты кис, төндәрендә.

Өркөтмәксе булды кемдер
Шул ҡоштарҙы, табып ҡыҙыҡ.
Ботаҡтарын һындырҙылар,
Сәскәһенә күҙҙәр ҡыҙып.

Һығылдырып-йығылдырып
Ниндәй генә ел иҫмәне?
Йәй уртаһы ҡырау төштө,
Хатта шунда бирешмәне...

...Йәйҙәр, көҙҙәр үтеп киткәс,
Уға ла наҙ, йылы кәрәк.
Ниңә шуны һиҙмәгәнбеҙ,
Белмәгәнбеҙ беҙ иртәрәк?

Ниңә һуңлап аңға килдек,
Емештәре бешкәс кенә,
Тәлгәштәрен күтәрә алмай
Биле һынып төшкәс кенә?

Хәҙер инде бер йыуаныс –
Емештәре ҡалай уңған,
Уларынан оҙаҡламай
Ҡалҡып сығыр яңы урман.

Тик булмаҫ шул оло урманда
Миңә таныш миләш кенә,
Уны ҡабат терелтә алмаҫ
Күгем ҡойған күҙ йәш кенә...

Сафуан Әлибай