Розалия Солтангәрәева. Рәмиҙәрҙең рәнйеүҙәре кәмемәйҙер

Посвящения
Рәмигә халыҡ шағиры исеме бирелеү айҡанлы

Мәрхүмдән һуң ҡырҡ көн утты һүндермәйҙәр,
Ҡул бирешеп сәләмдәрен күндермәйҙәр,
Ҡырҡ көн түгел, ҡырҡ быуынға етер утты
Ҡыҫыр заттар күңелдәргә индермәйҙәр,
Аҫыл заттар йәндә утты һүндермәйҙәр,
Әруахтары изге эшен шиңдермәйҙәр...

Әйтер һүҙем ир данлыһын маҡтау түгел,
Әхирәткә күскән Иргә һыҡтау түгел.
Заман уты өткән Рәми ҡаурыйының
Ҡара көлөн усҡа алып уйлай күңел...
Уйлы күңел әйткәнемде ғәжәп итер,
Уйһыҙ «туҙға яҙмаған» тип, ғәләт итер.

Тертләп ҡолап китер һары һандуғас,
Күҙеккәндән ҡабат һайрай алмағас.
Мертләп төбөн ҡорт сәйнәүгә ғәрләнеп,
Аҫыл алма бирә алмаҫ алмағас.
Йөрәк тигән ҡөҙрәт шартлап, моң ағыр,
Шағир затта ҡабат тибә алмағас...
Шағир һүҙен ҡабат әйтә алмағас.

Яуҙа ҡаны, даны сыҡҡан батырға
Ҡоба әйтеп бабам мираҫ ҡалдырыр.
Хеҙмәт итеп, хөрмәт алған айбарға
Маҡтау әйтеп, мырҙам танһыҡ ҡандырыр.
Иман, ислам тиеп, шаһит булғанға
Хәтер итеп мулла мәсет һалдырыр,
Тере саҡта таш бәғерҙәр булған өсөн
Әҙәм әҙәмгә таш һәйкәл һалдырыр...

Ир ҡоронда сабый булып ҡалғандың,
Сабый булып сабыр шиғыр ҡойғандың,
Аҡһаҡалдай аҡ йөрәкле булғандың,
Үҙ мәлендә уның һүҙен тыйғандың,
Һүҙен тыйып, йәнен ҡыйып ҡуйғандың,
Рәми тигән исемкәйе булғандың
Ризалығы өсөн әҙәм ни ҡылыр,
Ризалығы өсөн бөгөн ни һалыр?!

Өмөттәрҙән өммәт биҙер заманда,
Ҡиммәттәрҙе зиннәт кисер заманда,
Ир башына ғәме етер заманда,
Түр башына ғәйбәт үтер заманда
Әүлиәләй бәлә башын күргәнде,
Милләтенә әжәл үҙе килгәнде,
«Кешеләрем, уянығыҙ!» тигәнде,
«Йә мине утҡа һалығыҙ!» тигәнде,
Иле ипһеҙ, моңһоҙлоғон күргәнде,
Күреп кенә илгә оран биргәнде
Иҫләп-иҫләп әҙәм бөгөн ни ҡылыр?!

Ҡауырыйына элгән донъя пәрҙәһен,
Пәрҙә арты ни икәнен беләһең...
Күрмәҫтәйҙе күргән өсөн шаһитҡа
Донъя ниҙәр күрһәткәнен беләһең.
Яҙмаҫтайҙы яҙған өсөн шағиргә
Яҙмышта ни яҙылғанын беләһең...

Йөҙө – шәлкем, һүҙе – ем, теле – мәрйен,
Йөрәк тигән урынында тәлмәрйен –
Шул хакимға бер саҡ башын эймәгән,
Залимдарға ғәҙел һүҙен бирмәгән,
Ярһып сығып илен дауға әйҙәгән,
Әйҙәп-әйҙәп кенә дуҫын йыймаған,
Яңғыҙлыҡтан йырын ҡосоп илаған,
Яҡты Айға башын бәреп илаған,
Йәне киткән, тәне ергә ҡолаған
Яугир шағирына бөгөн ни ҡалыр,
Ғәйептәрен аҡлайым тип ни ҡылыр?
Аҡланһа ла, ул илдәрҙә ни ҡылыр?
Матур тиеп ул өммәтте кем таныр?

Ҡәбер ташын ҡосоп илар Ил ҡалыр,
Шиғыр тажын ҡороп туйлар тел ҡалыр,
Тереләрҙән-тере даны алдында
Тәгәрәпкәй тәгәрәп илар ир ҡалыр.
Был донъяла асылдарың хур ҡалыр,
Теге донъя хаҡ хаҡына ҙур ҡалыр...

Был донъяла бер нәмә лә үҙгәрмәҫ,
Һәләтлене һәләтһеҙе үҙ күрмәҫ,
Хакимдарға шиғырһүҙ, йырһүҙ кермәҫ,
Хаин менән тәкәббергә күҙ теймәҫ.
Тере даһи даһи итеп танылмаҫ,
Бур тотолмаҫ, матур йәне мандымаҫ,
Аҫау атты бәйҙә тотҡан ҡот алмаҫ,
Ҡобайырға ҡаршы торған хаҡ булмаҫ,
Аҫыл йырҙы биктә тотҡан отолмаҫ,
Отолмаһа, бәләләрҙән ҡотолмаҫ,
Йыр асылы тәүҙә ташҡа баҫылмаҫ,
Йәнгә кереп, мәңгелеккә онотолмаҫ...

Атаһы биргән исемгә иш итеп,
Инәһе ҡушҡан исемгә ҡуш итеп,
Үткән быуын ғәйебенә хуш әйтеп,
Халыҡтан тыуған есемгә ең итеп,
Исемдәргә исем тағыу тыйылмаҫ,
Үлгәндәргә исем ҡушыу тыйылмаҫ.

Минең өсөн һинең исем – берәү,
Рәми, Илең өсөн һинең үҙең – берәү,
Рәми, Бисәң өсөн һине һөйөү – йәшәү,
Рәми, Балаң өсөн һинең хәтер – иман,
Рәми, Беҙҙең өсөн һинең хәтер – иман, Рәми.

Шиғырыңды уҡып шанлы булдым,
Рәми, йырыңда йәнең күреп моңло булдым,
Рәми, ғорбаяндың ҡаяһына мендем,
Рәми, ҡорбанлыҡтың ғазабына күндем,
Рәми, дүрт юлыңда үҙ ҡәғбәңдең сыраҡтарын,
Шиғыр ҡойған өҫтәлеңдең тояҡтарын күрҙем,
Рәми, күреп күңел йыйҙым, Рәми.
Маңлайымды һалып ошо сыуаҡтарға
Йәшем ҡойҙом, ҡойоп утты тыйҙым, Рәми.

Минең менән ил күңелен йыуҙы, Рәми,
Йәнен йыуып, теләктәрен ҡойҙо, Рәми,
Теләк ҡойоп, ул яңынан тыуҙы, Рәми,
Рухың ҡаршыһына үҙен ҡуйҙы, Рәми,
Васыяттар әйтеп киткән телеңдең
Балдан ғына татлы тәмен тойҙо, Рәми,
Ебәктән йомшаҡ ептәрен һуҙҙы, Рәми,
Улар менән һин яңынан тыуҙың, Рәми,
Ошоларҙан оло ҙурлыҡ бармы, Рәми?!
Ошоларҙан оло исем бармы, Рәми?!

Илһамыңдан гәүһәр таштар йыйҙым, Рәми –
Ҡырылып, китһен донъя малы тимен, Рәми,
Һиндәй яугир шағирҙарҙы белдем, Рәми –
Һығылып китһен башҡа ирҙәр тимен, Рәми,
Тиңләшкәндәй ирҙе иле белһен, Рәми.
Тиңләшмәҫен Хоҙай үҙе белһен, Рәми.

Эй, илемдең тыуар аҫыл һөйәктәре!
Матурлыҡтың, батырлыҡтың терәктәре,
Әҙәм өсөн ғазап сигер йөрәктәре,
Ғаләм өсөн бәлә эсер йөрәктәре!
Заман уты – заң утында яныр мәлдә,
Ул уттарҙан көслө уттар теләп ҡалам,
Илһам тигән толпар атҡа атланғанға
Ал бирмәҫтәй етеҙлектәр теләп ҡалам!
Солтан итер сабырлыҡтар теләп ҡалам,
Шайтан китер айбарлыҡтар теләп ҡалам,
Алдарыңа фатиханан күпер һалам,
Юлдарыңа теләгемде теҙеп һалам.

Был донъяла бер нәмә лә үҙгәрмәйҙер,
Рәмиҙәрҙең рәнйеүҙәре өҙөлмәйҙер,
Рәмиҙәрҙең михнәттәре кәмемәйҙер,
Рәмиҙәрҙең хикмәттәре кисекмәйҙер,
Был донъяға мөғжизәләр үсекмәйҙер,
Килгәндә лә һынау биреп үсекләйҙер,
Был донъяла бер нәмә лә үҙгәрмәйҙер...

  1. Шәфҡәт өнө шулай һуңлап асылалыр,
    Әҙәм һәр саҡ ҡаҡҡанына зарығалыр,
    Тере мәлдә күңел күҙен аса алмай,
    Асылдарын Ил-әсәнән һағыналыр,
    Үҙе белмәй йөрәккәйе ҡағыналыр,
    Асылында үҙен-үҙе һағыналыр,
    Асылында үҙ асылын һағыналыр...
    Ғазап әсе, әҙәм йәнен таҙарталыр,
    Шағир сәсен ғәрип йәнле ағарталыр...

Розалия Солтангәрәева
1991 йыл, 7 февраль