Фидан Мусаҡәлимов. «Оса һаман, оса күңелем...»

Иле барҙың кеме юҡ...

Осам, осам бала саҡтан бирле,
Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр...
Рәми Ғарипов

Кешеләр борон-борондан йондоҙҙарға, ҡояшҡа осорға хыялланған. Әкиәттәрҙә лә бит юҡҡа ғына осоусы балаҫтар тураһында һүҙ бармай. Француз яҙыусыһы Жюль Верндың «Ерҙән Айға» исемле китабын уҡып кемдәр генә һоҡланмаған! Беҙҙең Башҡортостанда ла фантаст әҙип Жюль Берн кеүек осоу хаҡында хыял менән йәшәгән кешеләр бар. Шуларҙың береһе – яҙыусы Рәми Ғарипов.
Рәми ағай осоу тураһында шиғырҙар яҙып ҡына ҡалмаған, ә ысынбарлыҡта осоп та ҡараған.
Өфөлә Рәми ағай үҙенең шиғырҙары менән иптәштәре араһында танылыу таба. Интернатта 6–7 малай ныҡ дуҫлашып китә. Ошо иптәштәре менән Рәми ағай осоусылар түңәрәгенә килеп яҙыла. Улар аэроклубта шөғөлләнә башлай. Бында йөрөгән һәр кеше мотлаҡ өс ҡағиҙәне үтәргә тейеш була.
Беренсеһе – һаулығыңды һаҡларға, йәғни физик яҡтан көслө булыр өсөн күнекмәләр яһарға.
Икенсеһе – осоу машинаһын ныҡлап өйрәнергә, уның төҙөлөшөн, эшләү системаһын аныҡ белергә.
Өсөнсөһө – самолетта осҡанда кәрәкле ҡағиҙәләрҙең барыһын да тайпылышһыҙ үтәргә.
Шулай итеп, егеттәр аэроклубҡа йөрөй башлай. Унда йәйәү баралар, йәйәү ҡайталар. Дәрестәрҙән һуң арыһалар ҙа, дуҫтарҙы бер нәмә лә туҡтата алмай, ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ ныҡ була. Улар араһында бөгөн гимназиябыҙҙа физкультура дәрестәрен уҡытыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов та бар ине.
Тәүге мәлдә самолетты өйрәнәләр. Ул саҡта «У-2» самолеты була. Төҙөлөшөн, йөрөтөү системаһын үҙләштереү өсөн егеттәргә бер йыл ваҡыт талап ителә. Икенсе йылда Рәми ағайҙар оса башлай, эргәләрендә өйрәтеүсе инструктор ултыра. Осоу ваҡыты – 10–15 минут. Бының өсөн улар ҡаланан ситкә сыға, йылға аръяғындағы яланда шөғөлләнә. Оса башлағас, Рәми ағайға дәрт өҫтәлә, хәтерләүенсә, ул үҙен, ысынлап та, осоусы итеп тоя.

Шул саҡта бына нимәләр яҙа:
Әкиәт тыңлап, сәмреғошта осһам,
Ҡолас йәйеп остом төшөмдә,
Остом аттан, кәбән баштарынан...
Тик ҡәнәғәт булмай эшемдән,
Бер көн килеп, аэроклубҡа индем,
Нисә ҡабат күккә менмәнем!
Болоттарҙың аҡҡош муйынына
Элеп төштөм ерҙең элмәген...

Эйе, Рәми ағай осоуын дауам итә. Самолетты ныҡлап өйрәнгәс, инструкторһыҙ, үҙе генә һауаға күтәрелергә рөхсәт ала. Осоусылар тураһында күп уҡый, өйрәнә. Күренекле летчик Валерий Чкаловтың күпер аҫтынан да осоп үткәнен белә.
Егеттәрҙең танауына еҫ кереп, ҡыҙҙар менән дуҫлаша башлай. Рәми ағайҙың да оҡшатҡан ҡыҙы була. Аэроклубҡа барыр алдынан бер көндө уға: «Иртәгә мин самолет менән ошонда, интернатҡа, осоп киләм», – ти. Ләкин быға береһе лә ышанмай, сөнки тәртип буйынса ҡала өҫтөнән осорға ярамай.
Тик Рәми ағай әйткән һүҙендә тора, самолеты менән интернат өҫтөнә осоп килә лә, түңәрәк яһап, ҡыҙына күктән һөйөү хаты ташлап китә. Әммә был эш Рәми ағай өсөн күңелһеҙ тамамлана. Уның менән бергә йөрөгән егеттәр ҙә аэроклубтан ебәрелә. Кем белә, әлеге ваҡиға ошолай тамамланмаһа, Рәми ағай, бәлки, беренсе башҡорт Гагарины булыр ине. Ә инде шағир аҙаҡ бына нимә тип яҙа:

Тик османым ракетала ғына,
Тапманылар, ахыры, кәрәген.
Ә шулай ҙа, ут-ялҡынын атып,
Оса һаман, оса йөрәгем.
Эйе, үкенескә күрә Рәми ағай осоусы була алмаған, ләкин халыҡ күңеленә осоп инде. Мәңгелеккә.

Фидан Мусаҡәлимов,
IX класс уҡыусыһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы