Айҙар Буранғолов. Бөтәһенән нисек китәһе?

Иле барҙың кеме юҡ...

Минең алда – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың өс томдағы әҫәрҙәр йыйынтығының 1996 йылда донъя күргән I томы. Төҙөүсеһе – Рәмиҙең тормош юлдашы Н. В. Ғарипова.
Бында шағирҙың 1950–1975 йылдарҙа ижад иткән бөтә шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Был әҫәрҙәрҙе уҡыйһың да алтын хазиналарға юлығып, әҙиптең оло талантына хайран ҡалып, баш эйәһең, уларҙы уҡыған һайын уҡығы килә, уҡыған һайын һин үҙеңде яңы донъя асҡан кеүек хис итәһең. Яҙғы ташҡын кеүек күңелдәрҙе арбаусы шиғриәт ынйылары урғылып ята йыйынтыҡта. Өлкән быуын әҙиптәренән Баязит Бикбай, Шакир Насиров кеүек ил ағалары Рәми Ғарипов шиғриәт иленә яңы аяҡ басҡан осорҙа уҡ әле йәштәр ижады, башҡорт әҙәбиәтенең киләсәктәге яҙмышы хаҡында һүҙ алып барғанда «Рәми – талант, ысын талант», тип йыш ҡына телгә алырҙар ине. Ҡулдарында власть тотҡан түрәләр шағирҙы ҡаҡтылар, ә ул:

Батшаларға баш эймәгән башҡорт
Башҡаларға ғына баш эймәҫ, –

тип заң һуҡты ул саҡта. Мәғрур Ҡаратауҙы, үҙе тыуып үҫкән Арҡауылын, бормаланып аҡҡан сал тарихлы Йүрүҙәнде, киң Уралын данлап йырланы шағир.

Ҡаратауҙың бейек түбәһендә
Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ.
Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң,
Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ.
Йүрүҙәнкәй аға бормаланып,
Бормалары һайын бер ауыл.
Шул ауылдар араһында ята
Тыуып үҫкән минең Арҡауыл, –

тине ул ҙур ғорурлыҡ менән.

Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып, –

тине шағир икенсе дүрт юллығында. Ғәмәлдә, Салауат кеүек оло йөрәкле шағир ғына бына шулай тип әйтә алыр ине. Рәми Ғариповтың үлемһеҙлеге хатта бына ошо юлдарҙа ла асыҡ кәүҙәләнеш таба.
Ялҡынлы шағир Рәми Ғарипов та, заманында милләтсе мөһөрө һуҡһалар ҙа, Салауат кеүек үк ысын интернационалист ине. Салауат кеүек ул да туған башҡорт халҡының киләсәге, уның туған теле яҙмышы өсөн борсолдо. «Туған тел» шиғыры, мәҫәлән, Салауат ырыҫлы сағыу набат түгел инеме ни? «Аманат», «Уйланыу» ҡобайырҙары ни тора! Мәшһүр тел белгесе Жәлил Кейекбаевҡа арналған «Аманат» ҡобайыры бөгөн дә киләсәккә оран булып ғорур яңғырай. Шағир үҙе иҫән саҡта донъя күрә алмаған «Табыныу» поэмаһы иһә ҡара груһлыҡты фашлаусы дауыл ҡошо булып килеп баҫа күҙ алдына.
Ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә йыйынтыҡҡа анализ яһау фарыз түгел, әлбиттә. Ғалимдар уның тураһында әллә күпме диссертациялар яҡларҙар әле.

Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?.. –

тип өндәшә Рәми бер шиғырында. Арҙаҡлы әҙип шағирлыҡтың үҙ иңенә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтеүен яҡшы аңлап эш итеүсе шәхес һәм оло талант эйәһе ине шул.

Һин йәшәрһең күңелдәрҙә

Тышта февраль һыуығы. Иртәнән алып ҡар һибәләп, шағир әйткәнсә, ел ыуылдап, ваҡыты менән буран дыуылдаған һымаҡ булып тора ла, тегендә-бында ҡар өйөмдәрен һалғылап китә. Рәми Ғариповтың йорт-музейына етеп килгәндә рәшәткә менән уратып алынған ихатаһы ҡар өйөмдәре менән тулылыр, тип уйлағайныҡ. Хаталанғанбыҙ. Ҡапҡанан инеү юлы ла, мәшһүр шағирҙың бюсы алды ла көнө-төнө яуған ҡарҙан таҙартылып, көҙгө кеүек ялтырап ята. Беҙҙең машина ҡапҡа алдына килеп туҡтағанда йорт-музей мөдире Ғималетдин Әминев балаҫ күтәреп килә ине.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, музейға йүнәлдек. Бында ишектән инмәҫ элек үк ишек артына элеп ҡуйылған ураҡ-салғы, һәнәк-көрәк, ҡурыздан үрелгән сабата иғтибарҙы йәлеп итте. Был ҡорамалдар ҙа нисектер тарих һөйләгән кеүек. Ишек асылыу менән беҙҙе Рәмиҙең мөләйем йөҙө, шағирҙың мөлдөрәмә ҡайнар хистәр менән тулы һыны кәүҙәләндерелгән ҙур портрет ҡаршы алды. Портреттың уң яғындағы аҡ полотноға эре хәрефтәр менән:

Халҡым теле миңә –
Хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ! –

тип яҙылған алтынға бәрәбәр шиғри юлдарҙы йөрәкһемәй тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Әйткәндәй, Рәмиҙең бынан нисәмә йыл элек ижад иткән «Туған тел» тигән мәшһүр шиғыры – халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн дә тынмаҫ оран булып ғорур яңғырай.
Стеналағы стендтар, быяла менән кәпләнгән стелалар яңыртылған. Өфөнән килгән рәссамдар, биҙәүселәр уларҙы заманса зауыҡлыҡ менән эшләп киткән. «Студент йылдары» тигән бүлектә шағирҙың һабаҡташ дуҫтары, бер төркөм йәш әҙиптәр ҡатнашлығында атаҡлы төрөк яҙыусыһы Назим Хикмәт, шулай уҡ Надя менән өйләнешкән йылда төшкән фотолары урынлаштырылған. Фотоларҙа Рафаэль Сафин менән Рәйес Низамовты ла күрәбеҙ. Айырылмаҫ дуҫтар һәм һабаҡташтар «Совет Башҡортостаны» гәзитендә практиканы ла бергә үтте, йәшлек дәрте менән ең һыҙғанып бергә эшләп тә йөрөнө заманында.
Рәми Ғарипов «Һарғамыш» совхозы (хәҙер «Йүрүҙән» – А. Б.) комскомитет сәркәтибе булып эшләгән саҡта ла гүзәл әҫәрҙәр ижад итеп өлгөргән, уның янына шағирҙар, яҙыусылар һәм сәнғәт оҫталары йыш килеп торор булған. «Минең илһам шишмәһе – тыуған еремдә» тигән стендтағы фотолар бына шул хаҡта һөйләй. Шағирҙың ғаиләһе, балалары менән төшкән фотолары ла алыҫта ҡалған көндәренең гүзәл бер гөлләмәһе. Мәшһүр тел белгесе һәм яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың йәш әҙиптәр менән осрашыуын һүрәтләгән фото айырыуса тулҡынландыра, уйланырға мәжбүр итә. Уларҙың араһында Рәми ҙә бар бит.
«Рәми Ғарипов – лирик шағир» тигән бүлектә әҙиптең донъя күргән китаптарын, тәржемә өлгөләрен, тыуған ауылында эшләгәндә сығарған сатирик стена гәзиттәрен дә тәьҫирләнеп ҡарайһың. «Кеше ғүмере күпме генә» тигән бүлекте иһә йөрәк өҙгөс бүлек тип атарға мөмкин. Рәми менән Сафуан Әлибай һәм Әнүр Вахитов төшкән фотоға күҙ һалғанда шуны уйлап торҙом. Сафуандың бигерәк йәш сағы булған икән 1968 йылда. Күренекле әҙип Әнүр Вахитов менән Рәми Ғарипов беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Күптән түгел генә беҙ районда Сафуан Әлибайҙың ижад кисәһен гөрләтеп үткәрҙек. Аяуһыҙ үлем ижадтары сәскә атҡан мәлдә Рәми һәм Әнүр кеүек күпме арҙаҡлы шәхестәрҙең ғүмерҙәрен өҙҙө.
Рәми Ғариповтың йорт-музейы асылыуға 8 йыл тулып уҙыуға бында 6542 кеше булып киткән. Уларҙың араһында республиканың төрлө райондарынан ғына түгел, яҡындағы сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан да экскурсант-
тар бар. Беҙ килгәндә Арҡауыл урта мәктәбенең 7«б» класы уҡыусылары килгәйне.
Йорт-музей мөдире Ғималетдин Әминев:
— Рәми Ғариповтың ниндәй шиғырҙарын ятланығыҙ, уның шиғырҙарына яҙылған ниндәй йырҙарҙы беләһегеҙ? – тип һорағас, Илнур Ҡазыев «Туған тел» шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Филүс Мөхәмәтдинов «Салауат», Илнур Ҡазыханов, Илгиз Хурамшин «Сыңрау торна» йырын башҡарҙы.
Йорт-музейҙың икенсе бүлмәһендә йорт әйберҙәре тупланған, шағирҙың яҙғы-көҙгө пальтоһы, костюмы элеп ҡуйылған. Тәҡдимдәр кенәгәһендәге яҙыуҙарға күҙ һалабыҙ. Шағирҙар, Рәмиҙең шәкерттәре Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Зөһрә Ҡотлогилдина, яҙыусы Тайфур Сәғитов, 1989 йылдың 30 июнендә килеп: «Беҙ башҡорт халҡының мәшһүр шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ерендә асылған йорт-музейында беренсе булып ҡатнашҡан башҡорт яҙыусылары, ошо уҡ ерҙә йәшәгән халыҡҡа баш эйеп, данлы Салауатыбыҙҙың рухи шишмәләрен дауам итергә, Рәмиҙең шиғри донъяһының бөйөклөгөн асыуҙы дауам итергә бурыслама алып, халыҡ һәм шиғриәт берлегенә хеҙмәт итергә һүҙ бирәбеҙ», – тигән фекер яҙып ҡалдырған. Әйтергә кәрәк, вәғәҙәләренә тоғро был әҙиптәр.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 1991 йылдың 16 июнендәге Салауат көндәрендә:
— «Бына шулай, Рәми, һиңә килгәйнем. Кейемең эленеп тора. Өҫтәлеңдә самауыр, тәҙрә төбөндә гөлдәр. Ә һин өйҙә юҡһың. Бына-бына ҡайтып инерһең һымаҡ. Көтөп торһам да, ҡайтмаҫһың инде. Әммә беҙҙең халҡыбыҙ иҫән икән, һин йәшәрһең. Был өйҙә булмаһаң да, Башҡортостан иле – һинең мәңгелек төйәгең. Тәнең һинең – халҡыбыҙ йөрәгендә. Күңелем ғорур ҙа, бөйөк тә бөгөн. Бөтәһе лә һинең арҡала, Рәми», – тип яҙған юлдары әле лә күңелдәргә берсә болоҡһоу, берсә сағыу нурҙар һибеп торған кеүек.
Тәҡдимдәр кенәгәһендә шағирҙар Сафуан Әлибай, Факиһа Туғыҙбаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин, академик Нияз Мәжитов, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова кеүек шәхестәрҙең, Рәми Ғариповтың башҡа дуҫтарының яҙыуҙарын да һоҡланып уҡыйһың.
Рәми Ғариповтың йорт-музейы мөдире, Рәмиҙең элекке һабаҡташы Ғималетдин Әминев үҙе район мәктәптәренә барып та Рәми Ғариповтың ижады хаҡында әңгәмәләр ойоштора. 19 – 20 февралдә Рәмиҙең тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған тантаналар көтә шағирҙың яҡташтарын.

Айҙар Буранғолов