Рауил Бикбаев Б 46 Рәми. Шағир тураһында китап. – Өфө: Китап, 2007. – 616 бит. ISBN 978-5-295-04089-4 Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов хаҡында үҙе тере саҡта, бигерәк тә вафат булғанынан һуң байтаҡ яҙылһа ла, уның бай мираҫы әлегә махсус өйрәнелмәгән. Шағирҙың тормош һәм ижад юлы хаҡындағы был китапта Рәми Ғариповтың рухи донъяһы, бай миҫалдарға нигеҙләнеп, төрлө яҡлап байҡала. ЙӨКМӘТКЕҺЕ Беренсе бүлек Юл башы .................................................3 Иң яҡын иптәш .....................................12 Күңел сәғәте ......................................... 24 Асылырмы ижад серҙәре? ...................28 Һабаҡтар һәм маяҡтар .........................39 Тартып тора төрлө тарафтар (Дон далаларында) ........57 Бишенсе океан ...................................70 Ниңә һөйөү шулай ғазаплы? .............77 Һуңғы һынауҙар ................................92 Икенсе бүлек Һаумы, Мәскәү! ...............................98 Икеләнеүҙәр һәм эҙләнеүҙәр ..........125 Мәскәү мәктәбе .............................145 Дуҫтар һәм остаздар .....................157 Әсә ҡулдары ..................................172 Тоғролоҡ һәм мөхәббәт ..............201 Өсөнсө бүлек Ил яҙмышы бында йыйыла ........237 «Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле» .......254 «Ташҡа ырып яҙған китабым» ...............271 Тупланыу ................................................294 Бер генә юл яҙһам, исмаһам!.. .............310 Дүртенсе бүлек Йырҙарыма ҡайтам .........................323 Һыбайлы шағир .............................347 Сит ерҙәргә барып ғибрәт ал ........378 Айҙағы һәм ерҙәге эштәр ............391 Өс һәләтте бергә ҡушҡанда .........398 Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн ........411 Тәүге күҫәк .................................422 Ижад ҡыуышы ............................438 Бишенсе бүлек Һабантурғай йырҙары ...................453 Һүҙем бар ...................................487 Аманат менән яманат .............507 Шағир антологияһы ................526 Бер ҡыл ...................................556 Рәми мәктәбе .........................595 Юл башы 1946 йылдың 25 июнендә мәктәптә һуңғы һынау бирелде. Ҡалғаны нисек булыр? Иң ҙур теләк – уҡыуҙы туҡтатмаҫҡа, Өфөгә китергә. Был теләк күңелдә артҡандан-арта бара, иптәштәре лә шулай кәңәш итә. Тик әсәһе генә икеләнә. Әле уҡырға ебәрергә риза ла һымаҡ, әле тағы ла ҡаршы төшә. Икеләнмәҫлекме ни? Әсәһенең нимәләр кисергәнен уның иң ҙур улы Рәмил аңламай буламы ни? Һуғыш йылдарында уларҙың әсәләре Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы ауырлыҡтарҙы аҙ кисерҙеме ни? Райондың беренсе доброволец-коммунистары менән фронтҡа киткән аталары Ғарипов Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янындағы һуғыштарҙа һәләк булды тигән ҡара хәбәрҙән йөрәктәрҙә уйылған яра һаман да үҙәктәрҙе өҙә. Йәғәфәр менән Гөлмәрйәм өйләнешкәс ауылда ни бары бер йыл бергә донъя көтөп ҡалдылар. Тыуған төйәктәре Арҡауылда беренсе балалары Рәмил тыуҙы. Йәғәфәр хәрби хеҙмәткә алынғас, бер килке Миәстә лә йәшәп алдылар. Ирҙең ҡалала төпләнергә лә уйы юҡ түгел ине, ләкин Гөлмәрйәм тыуған яҡтарын, ауыл эшен ныҡ юҡһынды, гел шуны һөйләне. Арҡауылға ҡайтҡас, Йәғәфәр ауыл советы рәйесе лә, колхоз етәксеһе лә булып эшләне. Идараның саптар айғырында ураҡсылар, комбайнсылар, тракторсылар, сәсеүселәр янында булырға өлгөрөр ине. Һөрөлмәгән, сабылмаған ер ҡалмай торғайны. Колхоз Өфөнән бынамын тигән яңы машина һатып алғайны. Фин һуғышы башланғас, Йәғәфәр ҙә китергә тип йөрөнө, тик ебәрмәнеләр. 1939-1941 йылдарҙа ул Салауат районының ОСОАВИАХИМ рәйесе булды. 1941 йылдың мартында ауылдаштары яңынан колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Һалдат ҡатыны Гөлмәрйәм утыҙ йәше тулыр-тулмаҫтан дүрт бала менән тол ҡалды. Рәмилгә ул саҡта ун бер йәш ине, ҡустылары Рауил етелә, Урал өстә. Һеңлеһе әле саҡ сәңгелдәктән төшкән. Рауил менән Рәмил мәктәпкә бергә йөрөйҙәр, бер бүлмәлә һабаҡ алалар. Ғәлимә апай Абдуллина икенсе менән дүртенсе класты бергә уҡыта. Рауил беренсенән үк ағаһы менән бер бүлмәлә ултырып уҡый башланы. Ағайыңдың янда булыуы яҡшы ла бит, тик ул бик талапсан, уҡыуҙа тырышмаһаң, үҙеңә үпкәлә. Әсәләре ҡара таңдан ҡара кискә тиклем колхоз эшендә. Өйҙәге ҡустылары Урал менән һеңлеләре Мөршиҙә ағалары ҡарамағында. Йорт тирәһендәге эштәрҙең күбеһен Рәмил эшләй. Әсәһе әйткәнде көтөп тормайынса, барыһына ла өлгөрөргә тырыша, үҙенән бәләкәйҙәрҙе лә өйрәтә, тәрбиәләй. Гөлмәрйәм Ғарипованың уңғанлығына Арҡауылда ғына түгел, барлыҡ тирә-яҡта һоҡланмаған кеше юҡ. Һуғыш ваҡытында уны «Салауат районының комбайны» тип ололап йөрөттөләр. 1942 йылғы ураҡ ваҡытында ул бер үҙе ун һигеҙ гектар ерҙең игенен йыйып алды. Ураҡсы Гөлмәрйәм райондағы ҡатындарҙан тәүге булып хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнә. Ошондай егәрле ҡатындың тәрбиәһендә үҫкән балалар нисек тырыш булмаһын ти. Ғаиләләге баш бала Рәмилгә ауырлыҡтарҙың да иң ҙуры төшә. Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң ул һарыҡтар, һыйырҙар, аттар көтә, ололар менән бергә бесән саба, урып-йыйыу эштәрендә тир түгә, урман йыға, ярһыу Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа. Тай өйрәтә. Иптәше Әлтәф менән үгеҙҙәрҙе, башмаҡтарҙы егергә өйрәтә башлайҙар. Ҡулы йорт һәм колхоз эштәренән, көрәк-һәнәктән бушаған арала Рәмил китапҡа тотона, тырыш үҫмер бер ҡасан да ваҡытын бушҡа үткәрмәй. Ауылдың алдынғы ҡарашлы ир-егеттәренән булған, етәксе эштәрҙә эшләгән атаһынан ҡалған китаптарҙы ҡат-ҡат аҡтара. Ләкин уҡырға ни тиклем генә яратһа ла, төндәрен өйҙә оҙаҡ шәм яндырып булмай, кәрәсинде бик һаҡлап ҡына тотонорға кәрәк. Шуға Рәмил колхоз идараһына ҡуна йөрөй. Ҡарауылсы Ғиззиямал апай төндәр буйына әллә ни тиклем әкиәттәр, бәйеттәр һөйләй. Бәхеткә ҡаршы, идараның баҙында иҫке ҡағыҙҙар күп һаҡланған булып сыға. Шуларҙың яҙылмай ҡалған биттәренән Рәмил ҡустыһы Рауил менән дәфтәр, блокнот тегеп алалар. Эш эшләгәндә лә, мәктәптә уҡығанда ла Рәмил һәр нәмәне еренә еткереп атҡара. «Ағайҙың ауылдағы ҡушаматы Ҡырмыҫҡа ине» тип хәтерләйәсәк Рауил Ғарипов. Ауылда Рәмил уҡымаған китаптар ҡалмаған. Белемгә сарсаған егет каникул ваҡыттарында Дыуан-Мәсетле ауылындағы Хөсәйен бабайҙарына бара. Йәйәү үтер өсөн ара байтаҡ ҡына, әммә рәхәтләнеп ҡулда тотасаҡ, кинәнеп уҡыясаҡ китаптар, әллә ҡайҙан арбап, үҙҙәренә саҡырып тора. Һуғышҡа тиклем үк Ленин ордены алған Хөсәйен Фәтҡуллин ғүмере буйы балалар уҡытҡан, Йәғәфәр Ғариповтың яҡын ғына ағаһы. Китапҡа һыуһаған уҡыусы өсөн уҡытыусы бабайының йорто – үҙе мөғжизәле бер донъя. Хужа уға китаптарын күрһәтә. Араларында ҡалын-ҡалындары бар. Ҙур ҡыҙыл тышлы берәүһе үтә лә ауыр. Рәмил аптырап: «Бабай, был нисә килограмм бар икән?» – тип һорағас, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөсәйен Фәтҡуллин, ҡустыһының был уҡырға яратҡан, зирәк улына ҡарап, әллә уйынлы, әллә ысынлы: «Һигеҙҙән ашыу», – тип, һаҡалын һыйпап ҡуя. Был ауыр том Сталин дың 60 йәшенә арнап сығарылған икән. Һүрәттәр төшөрөлгән ошо китапты Рәмил, хайран ҡалып, дүрт көн буйы ҡарай. Бер барғанында ул уҡытыусы бабаһынан бик күп китаптар алып ҡайта, араларында Дауыт Юлтыйҙың, Афзал Таһировтың латин хәрефтәре менән баҫылған романдары ла була. Мәктәптә уҡыуҙар бөткәнгә, һуңғы имтихандарҙы биргәнгә айҙан ашыу ваҡыт үтеп китте. Өфөгә уҡырға барыу теләге һүрелеү түгел, көсәйгәндән-көсәйә генә. «Уҡырға маҡсат ҡуйғанмын икән, уны алып ташлай аламмы һуң?! Бер әйттем – бөттө. Ҡуйған уйҙан кире ҡайтаммы мин? Юҡ!» – һуңғы көндәрҙә Рәмилде ошо уйҙар көндән-көн нығыраҡ борсой. Маҡсатынан тайпылып, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел ул. Ҡасып китергә тигән уй ҙа күптән башына төшкән. Ләкин былай сығып олағырға һис кенә лә ярамай. Әсәһен, ҡустыларын, һеңлеһен уйлай. Уларҙан ҡайһылай ҡасып китмәк кәрәк? Әсәһен нисек тә күндереренә өмөт итә. һуғыш туҡтағанға ла инде йылдан артыҡ. Иҫән ҡалған фронтовиктарҙың күбеһе ҡайтып бөттө. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа, бәлки, ҡайтып төшөр әле тигән өмөттәр уларҙы көткәндәрҙең күңелен һаман да йыуата. Ләкин был ышаныс кәмей генә бара. Ә инде ҡулдарына ғәзиз кешеләренең һуғышта үлгәндәре тураһында ҡара ҡағыҙ алғандарға хәҙер нимә өмөт итәһе? Шулай ҙа өмөт ҡуҙҙары һаман да көйрәй әле. Йәғәфәрҙең һуғыштан яҙған хаттарын Гөлмәрйәм ай яҡтыһында ла, усаҡ янында ла ҡат-ҡат уҡый. Балаларына күрһәтмәйсә генә күҙ йәштәрен түгеп ала. Илгә тыныслыҡ килде, әммә тормош һаман да бик ауыр бара. Гөлмәрйәмдең күҙ терәп торған төп таянысы күптән инде ҡул араһына инеп, күпме эштәрҙе тырышып эшләп йөрөгән Рәмил. Уның Өфөгә барып уҡырға дәртләнгәненә, мәктәптән дә, ауыл советынан да кәрәкле документтар әҙерләп йөрөгәненә әсә берсә ҡыуана, берсә хафалана. Рәмилдең алыҫ юлға атлығып тороуы үҫмерҙәргә хас ниндәйҙер мажаралар эҙләү романтикаһы түгел ине. Был йәштә бигерәк тә хыял ҡанаттары әллә ҡайҙарға осороп алып китеүсән, әлбиттә. Ундай ярһыу кисерештәр Рәмилде лә йыш ҡына солғап ала. Ләкин уның Өфөгә ашҡыныуының тамырҙары күпкә тәрәндәрәк. Ауылда ҡалһа, әсәһенә ныҡлы терәк булырын, уны ҡыуандырып йәшәрен яҡшы аңлай ул. Әсә өсөн дә, бала өсөн дә ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы ни? Борон-борондан шулай килгән, ололарҙың өмөт-ышанысы, терәк-таянысы булып йәштәр үҫкән. Атайҙары һуғышта ятып ҡалған ошо малайҙарҙа түгелме ни етемләнеп ҡалған ауылдарҙың киләсәге? Ләкин Рәмилдең уй-ниәттәре алыҫҡараҡ төбәлгән, ҡанаттары юғарыраҡҡа осорға тип кирелгән. Уның әсәһе өсөн дә, ауылы өсөн дә, барлыҡ ил өсөн дә кәрәкле кеше булып үҫкеһе килә. Белемгә ынтылыу, яңынан-яңы китаптарға һыуһау уның күңелендә әҙәбиәткә мөхәббәт, хатта үҙенсә ижад ҡомары менән ҡушылған. Һуңғы ике-өс йылда шиғырҙар тынғы бирмәй, әллә ни арала тыуған шиғри юлдарҙы дәфтәргә яҙып ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Ныҡыш үҫмерҙең үҙенә-үҙе ҡуйған талаптары бик ҡәтғи һәм юғары: белемгә артылыу юлында бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә, ғүмерҙең бер генә көнөн дә илке-һалҡы үткәрмәҫкә! Шағир булыу, шиғырҙарының баҫылғанын күреү – был хыялдарын йәш автор әлегә күңеленең төбөндә йәшереберәк, тыйыбыраҡ һаҡлай. Шулай ҙа ул быйылғы яҙҙан башлап йышыраҡ яҙырға, көндәлек алып барырға булды. Был күргән-уйлағандарыңды киләсәк өсөн теркәп барыу ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡылғандарыңа баһа биреү, эшләгәндәреңде тикшереү, хаталарың өсөн үҙеңде язалау, алдағы маҡсаттарыңды нығыраҡ асыҡлау ҙа буласаҡ. Бына нисек башланып китә Рәмил Ғариповтың «Көндәлек яҙмалар»ы: «1946 йыл. 5 апрель. Ошо көндән башлап үҙемдең көндәлегемде башлайым. Бына миңә 14 йәш – уны 14 көн тип иҫәпләйем. Әле мин 14 көнлөк кенә һәм миңә бөгөн исем ҡуштылар. Ә ниндәй яғымлы, матур исем ул! Нисек шатланам мин... һәм ҡысҡырам, ғорурланып әйтәм: «Мин – КОМСОМОЛЕЦ! - Бына минең төп исемем! Йыйылыш булды – бер тауыштан ҡабул иттеләр. — Таныш булығыҙ: яңы, йәш комсомолец менән!» Был исемгә лайыҡ булыу Рәмилдәге яуаплылыҡ тойғоһон бермә-бер арттырып ебәрә. Ул заманда комсомолға алыныуҙың йәш кеше яҙмышындағы ғәйәт ҙур әһәмиәтен, ул көндөң байрамға һәм үҙенсә рухи һынылышҡа әйләнеүен хәҙерге быуын уҡыусыларының күпселегенә аңлауы бик ҡыйын, әлбиттә. Былай ҙа бәләкәстән етди Рәмил көндәлегенең тәүге битенә «Минең төп исемем – комсомолец» тигән ғорур кисерештәрен теркәгәндә тағы ла нығыраҡ етдиләнә. Август урталарына табан ул инде ныҡлы ҡарарға килә. Ғәйниямал тигән әбейҙең бесәнен уның өйө янына ташып-өйөп ҡуйып, үҙенә юллыҡ аҡса әҙерләү хәстәрен дә күрә. 14 августа көндәлектә ошондай һөйләшеү яҙылған: «Кискә табан ғына ҡайттым да: — Теләһә нишлә, инәй, мин китәм! – тинем. — Кем менән китәһең? Барыусы кеше юҡ бит. — Үҙем китәм, барыусы табылыр әле. Күлмәк-фәләндәрҙе әҙерлә, инәй. Ул өндәшмәне. Уға ҡыйын ине. Мин дә башҡа һүҙ әйтмәнем. Үҙемә кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләп, ҡалған китап-фәләндәрҙе һандыҡҡа тултырып, йыйып ҡуйҙым. Мин әҙер инде. Осорға ғына торам». Осорға ғына торам! Алыҫ юлға йыйынған үҫмерҙең кисерештәрен аңлатыр өсөн ошонан да тапҡырыраҡ һүҙҙәр эҙләү кәрәкмәй. Осорға ғына торам! Иртәгеһенә Гөлмәрйәм күршеләренең Өфөгә барырға йыйынғандарын белеп ҡайта. Улына был етә генә ҡала. «Шулар менән мин дә китәм дә барам! – тинем мин. Инәйем йомшарып: — Бер нәмә лә әҙер түгел дә! – тине. Бик ҡабаланып әҙерләнергә тотондо. Бешеренде. Мунса яҡты. Кис уйынға сыҡтым. Ҡыҙҙар, малайҙар баҫыу ҡапҡаһы янына йыйылғандар. Йырлайҙар. Көлөшәләр». Алыҫ юлға ҡуҙғалыр алдынан ауылда үткәргән һуңғы кистә Рәмилдең ҡарашы бар нәмәгә лә айырыуса иғтибарлы. Һалҡынса ғына булһа ла, төн бигерәк матур. Ай яҡтыһында Йүрүҙән буйы ап-асыҡ күренә. Ап-аяҙ күк йөҙөн һанһыҙ йондоҙҙар ҡаплап алған. Көнбайыштағы ҡыҙыл шәфәҡ иртәгә лә аяҙ булырына ҡыуандыра. Яландан ашлыҡ һуҡҡан тауыш ишетелә. Габовка яғында йәштәр гармунға ҡушылып йырлайҙар. Баҫыу ҡапҡаһы янында Рәмилдең тиҫтерҙәре лә нығыраҡ дәртләнә-ҡыҙа башлағандар. Тик уның ғына уйынға ҡушылғыһы килмәй. Уға нисектер моңһоу, күңеле тулып тик тора. Әлтәф менән бер ситтәрәк оҙаҡ ҡына һөйләшеп торғандан һуң, уйнаусылар янына килеп: «Йә, иптәштәр, һау булып тороғоҙ, яманлап хәтергә алмағыҙ... Мин китәм», – тигәс, улар аптырап ҡалалар, ҡайҙа ла ҡайҙа тип һорашалар. «Өфөгә уҡырға китәм, ысынлап та!» – тип аңлатып ҡараһа ла, ышанмайҙар. «Уйнайыҡ әҙерәк, ниңә ҡайтаһың?» – тиһәләр ҙә, Рәмил уйынға ҡалмай. Уның башында уйын ҡайғыһы юҡ, иртәгеһе юл тураһында уйҙар ҡайнаша. Ҡайтҡас та оҙаҡ йоҡлай алмай ята, тышҡа сығып, тыуған ауылындағы һуңғы төндө тыңлай. Баҫыу ҡапҡаһы төбөндә уйын һаман да тынмаған. Ай инде батып бара, ә йондоҙҙар матур итеп емелдәйҙәр. Бер туҡтауһыҙ бытбылдыҡ, тартай ҡысҡырғаны ишетелә. Таң алдынан ғына йоҡлап китһә лә, Рәмил бик иртә тора. «Инәйем әле гөбөрләтеп һыйыр һауып ултыра ине. Томан төшкән», – тип яҙа ул көндәлегендә. Дәфтәргә 16 августа ошондай юлдар өҫтәлә: «Шәрип абыйҙарға йүгереп барып килдем. Сабатаны ныҡлап, матурлап кейеп алдым. Ашандыҡ. Томан күтәрелеп, ҡыҙҙыра башланы... Машина ла әҙер. Ултырҙыҡ. — Хуш, инәй! Хуш! — Уҡырға тырыш, – тине инәй. Уға ауыр ине. Машина алға елде. Таныш ерҙәр, Сейәлетау, Байыҡ ҡыуаҡтары инде артта ҡалды. Тамаҡҡа әллә ниндәй ҡара бер төйөн килеп тығылды. Инәйем яулыҡ осона күҙҙәрен һөртөп, мин фуражканы болғағанға ҡулын болғап ҡалған булды... Их, инәй, инәй! Мин беренсе мәртәбә әсәнең иң яҡын кеше икәнлеген бына шунда белдем. Уны рәнйетеү кеүек нәмәләрҙең булғаны булһа, шуларҙы ризалауын теләнем. (Билгеле, улар шундай тормош шарттарында булғылағандыр ҙа инде.) Ул нисектер миңә ҡыҙғаныс тойолдо. Бигерәк тә инде һиҙҙермәйенсә, ҡапыл киттем шул». Уҡытыусы Шәрип Вәлиевтең, Ғариповтарҙың күршеләренең «Вагон башындағы сәфәр» тигән иҫтәлегенән: «Ҡатыным менән беҙ Рәмиҙе һуғыштан һуң 1946 йылда Өфөгә уҡырға алып барҙыҡ. Колхозда бер генә машина бар ине». Шәрип Вәлиевтең ҡатыны Ғәлимә Ғатаулла ҡыҙы күрше малайы Рәмилде 3-4 кластарҙа уҡыта. Бына ниндәй хәстәрлекле, игелекле кешеләр менән юлға сыға «Өфө мине бик, бик көтә төҫлө, Өфө күңелемә нисектер яҡын тойола», – тип, хыялдарға сумып, ҙур-ҙур өмөттәр менән тулышып, тирә-яҡты ҡараштары менән байҡап машинала елдергән Рәмил. Ҡараңғы төшөүгә Сулеяға килеп етәләр. Станцияла халыҡ күп. Паровоздарҙың ҡысҡырғаны һиҫкәндереп ҡуя. Пассажир поезын көтһәләр ҙә, төрлө тимер-томор, күмер, кирбес тейәлгән вагондар ғына килеп туҡтай. Ни булһа ла булыр тип тәүәккәлләп, ике уҡытыусы менән бер уҡыусы тауар поезына ултыралар ҙа китәләр. Паровоз торбаһынан сыҡҡан ҡоромло төтөндө һалҡын ел биткә бәрә, өҫтәренә күмер саңдары яуа. Таң яҡтырыуға поезд Кропачевоға барып етә. Күршеләр унда цистерна тамбурынан төшөп, пассажир поезының вагон башына үрмәләп менә. Ҡуҙғалып та китәләр. Ҡараҡтар һымаҡ вагон түбәһендә килеү башта ныҡ ҡурҡытһа ла, тора-бара аҙыраҡ өйрәнелә. Тик абайыраҡ булмаһаң, ел осороп төшөрөр кеүек. Таутөмәндә инде «рабочий» тигән поезға ултырып, Өфөгә тиклем рәхәтләнеп баралар. Бына шулай хәүефле, мажаралы юлдар үтеп, Рәмил Ғарипов тәүге тапҡыр баш ҡаланың таш урамына аяҡ баҫа. Шәрип ағаһы һыҙып биргән ҡағыҙға ҡарай-ҡарай, Рәмил ҡалаға хайран ҡалып атлай. Иҫе китеп барғанда берәүгә килеп бәрелгәс, ул ҡатындың «Ой, простите!» тигән һүҙен ишетеүе лә сәйер уға. «Бигерәк йомшаҡ телле икән был ҡала халҡы», – тип уйлап ҡуя. Ә үҙе кешеләрҙең күҙенә ҡарарға ла ояла. Ямаулы күлдәк менән сабатала ҡалаға килеп ин әле... Хыялдарында бик яҡын тойолған Өфө бөтөнләй ят һәм ҡурҡыныс та булып киткән һымаҡ. Өфө уртаһында япа-яңғыҙы тороп ҡалған был үҫмерҙең арҡаһында ваҡ-төйәк һалынған юл тоҡсайы менән кеҫәһендәге барлы-юҡлы аҡсаһынан башҡа нимәһе бар? Ауыр саҡтарында ҡалала кемгә генә таяныр ҙа, ҡайҙа барып башын терәр был ауыл балаһы? Ҡала ла ҡала тигәс тә, Өфөнөң үҙендә лә ебеп төшә торғандарҙан түгел ул боронғо башҡорт төйәге Арҡауылда тыуып үҫкән Рәмил Ғарипов. Өйҙәренең дә, колхоздарының да бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрен эшләп үҫкән, сатлама һыуыҡтарҙа урмандан бәләкәй арба менән көрт йырып, утын һөйрәгәндә лә иптәштәре менән йырлап ҡайтҡан, көтөүен дә көткән, бесәнен дә сапҡан, һалын да ағыҙған, яҙҙан көҙгә тиклем Йүрүҙәндә ҡолас ташлап йөҙгән, тыуған еренең йыуаларын, балтырғандарын ашап, ямғырҙарында күшегеп, селлә ҡояшында ҡара янып, сынығып-бешегеп быуын нығытҡан кеше бит әле ул. Ҡара ҡағыҙ алып ҡара янған әсәһенең, тол ҡалған күпме апайҙарҙың, еңгәләрҙең күҙ йәштәре уның сабый йөрәген күпме көйҙөргән, тормошонан сабыйлыҡты бик иртә өркөтөп-ҡыуып сығарған. Салауат батырҙың яҡташы булыу үҙе үк уға ғорурлыҡ та, көс тә өҫтәй. Өфөнөң таш урамына баҫҡанға тиклем уның табаны Салауат еренең эҫе тупрағынан ғәйрәт алған, балтырҙары ҡамылдарҙа ҡанаған, көтөү көткәндә, көҙгө туғайҙарҙа ысыҡ ярып йөрөгәндә һыуыҡ електәргә үтһә лә, был ысыҡтарҙың һуты быуындарын, барлыҡ тәнен нығытыусы тылсымлы шифа ла булған. Оло юлға сыҡҡанда күҙ йәшен һөртөп әсәһе – һөйөклө инәйе ҡул болғап ҡалды, тыуған ауылы, таныш ҡыуаҡтары, уйсан Йүрүҙәне, олпат Ҡаратауы оҙатып ҡалды. Барыһы ла уның ил таяныр белемле, көслө ир-егет булып үҫерен көтә. Уларҙың өмөт-ышаныстарын аҡламай буламы? Кешенең тормош тамырҙары сабый саҡтарҙан, әсәнең яҡты күҙ ҡарашы төбәлгән сәңгелдәктән, тәү ҡат тәпәй баҫҡан, тәү ҡат йығылған, яңынан торған, тәү ҡат мәктәп ишеген асҡан, тәү ҡат дуҫ тапҡан ваҡыттарҙан башлана, йәшәйешенең нигеҙ таштары шул дәүерҙә һалына. Рәмилдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килһә лә, тамырҙары тәрән уның, нигеҙҙәре ныҡ, атлап йөрөгән ере нисәмә быуын батырҙар, атай-олатайҙар тирҙәрен түгеп, ҡандарын ҡойоп һаҡлап алып ҡалған бәрәкәтле һәм ышаныслы ер. Кеше былар хаҡында гел генә иҫенә төшөрөп тормаһа ла, сабый саҡтан күңелгә уйылған миһырбанлыҡ, ололарҙың фатихаһы, яҡындарыңдың изге теләктәре иң ҡырҡыу мәлдәрҙә һиңә лә белгертмәйенсә һине яҡлаусы көскә, рухыңдың ҡалҡанына әйләнә. Киләсәктә Рәмилде был көстәр күп тапҡырҙар һаҡлап алып ҡаласаҡ, күңеленә ошо байлыҡты, ошо матурлыҡты туплап үҫкәнгә, ауырлыҡтар алдында ул баҙап ҡалмаясаҡ. Кәүҙәгә ҙур булмаһа ла, урта буйлы был үҫмерҙең быуыны ныҡ, тәне тығыҙ, беләктәренә көс тулышып килә. Ҡарашы ҡыйыу, йөҙө яҡты. Әле ул тыуған яҡтарын, бала саҡ һуҡмаҡтарын хәтерләүҙән бигерәк Зенцов урамында ауылдаштары торған йортто тиҙерәк табыу тураһында уйлай. «Остерегайтесь злой собаки» тигән яҙыуҙарҙы уҡып, ҡарана-ҡарана ғына атлай. Был ҡалала уҫал эттәрҙән дә бигерәк яуыз кешеләрҙән нығыраҡ ҡурҡырға кәрәк икәнлеген әлегә ул белеп еткермәй. Ҡалаға Рәмил аҡ ҡалас ашарға тип килмәне. Белем бейеклектәренә артылам тип, ул вагон түбәһенә үрмәләне. Ынтылыр маҡсатын да, шул ҙур маҡсаттарҙы яуларлыҡ үҙенең тырышлығын да, таһыллығын да яҡшы белә. Үҙе менән алған кейем-һалымын, ауыл ризығын, аҙ-маҙ аҡсаһын бик ҡәҙерләп һаҡлап килһә лә, тоҡсайындағы иң оло хазинаның ҡиммәтен ул әле бик үк аңлап та бөтмәйҙер. Күңелендә моронлаған шиғырҙары менән тоҡсай төбөндә ятҡан көндәлектәр дәфтәре – бөгөн уның иң ҙур байлығы. Шиғырҙары бик күп тә түгел, үҙҙәре өйрәнсек кимәленән уҙмағандар. Ләкин Рәмилдең ҡәләме барыбер әле ҡыйыуһыҙ ғына яҙа башлаған өйрәнсек ҡәләме түгел. «Көндәлек яҙмалар»ҙың тәүге биттәренән үк шул күренә. Бында күңел кисерештәре лә, тормош хәлдәре лә, тәбиғәт күренештәре лә бик йәнле бәйән ителә. Ҡайһы бер урындарында тотош картиналар күҙ алдына баҫа, ваҡиғалар бәрелешендә төрлө холоҡ-ҡылыҡтар асыла. Шиғырҙарҙа дөйөм һүҙҙәр күп, йыш ҡына рифмалар аҡһай, ритм боҙола. Образлылыҡ тураһында әлегә һүҙ алып барыуы ла ҡыйын. Ә бына көндәлектәрҙе уҡығанда быларҙы ун дүрт йәшлек малай яҙғанмы тип аптырап та ҡуяһың: һөйләмдәр төҙөк, стиле шыма, һүҙ запасы ла бай ғына. Иң мөһиме: авторҙың фекер йөрөтөүе бик етди, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ул тәжрибәле кеше күҙе менән ҡарай, ололарса фекер йөрөтә. Арҡаларына юл тоҡсайы аҫып йәки ҡулдарына фанер сумаҙан тотоп, һуғыштан һуңғы ауылдарҙан уҡырға тип Өфөгә был йәйҙә әллә күпме йәш елкенсәк ябырылғандыр. Күптәрен яҙмыш етемлеккә дусар иткәндер. Ләкин араларында тормош тураһында Рәмил Ғарипов һымаҡ төплө фекер йөрөткәндәре, уй-кисерештәрен уның һымаҡ тәфсирләп көндәлеккә теркәп барғандары, моғайын, күп булмағандыр. Ә кем белә, бәлки, булмағандыр ҙа... Иң яҡын иптәш Август аҙаҡтарында математиканан, рус һәм башҡорт телдәренән һынауҙар үтте. Рәмил Ғарипов Башҡортостан интернат-мәктәбенә алынды. Мөъминә әбейҙәренән ятаҡҡа күсеп килде. Кешенең иң ҙур бәхеткә ирешкән, яңынан тыуған кеүек ҡанатланған саҡтары! Тормошона ҙур үҙгәреш килтергән, ауылында ла, юлда ла, Өфөлә йәшәй башлағас та иң ныҡ хыялланған уйҙары, ниһайәт, ҡабул булған был көн дә килеп етте! Рәмилдең хәҙер бөтә теләге – ошо мәктәптә тырышып уҡып, илгә яраҡлы кеше булып сығыу. «Көндәлек яҙмалар»ҙың һәр битенә күпме яңылыҡтар өҫтәлә бара: «30 август. Кейем бирҙеләр. Аяҡта шығырҙап торған ботинкалар, өҫтә ҡара гимнастерка, йәшел салбар. Тик фуражкалары ғына яраманы. Инде ҡала кешеләре булдыҡ. Сабаталарға хөкөм булып, улар сүплеккә илтеп ташланды. Тик уҡыйһы, кеше булаһы ҡалды. 31 август. Инде уҡырға барабыҙ. Баҙарға барып, ҡәләм, дәфтәр-фәлән алдым. Яңы кейем кейеп, кәртешкәгә төштөм. Өйгә, ауылға хат яҙып, «Инде улығыҙҙы танымаҫһығыҙ ҙа», – тип, рәсемде лә һалдым. Хөсәйен бабайға ла ебәрҙем берәүһен». «1 сентябрь. Яңы, күңелле, шаулы уҡыу йылы башланыҡ. Шатлығым эскә һыймай, күңелле йөрөнөм. Беседалар үткәрелде. Һәр бер фәнгә бында бер уҡытыусы керә. Уҡытыусылар бөтөнләй икенсе төрлө. Йотлоғоп тыңлайһың. Үҙ-үҙеңсә әллә нәмәләр белгән булаһың». Был ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына һөйләмдәр йәш кешенең рухи донъяһында ниндәй яңырыуҙар барғанлығы, һәр көн уға әллә күпме яңылыҡтар алып килгәнлеге тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә. Бергә уҡыған иптәштәре лә, хатта элек бик үк яратып етмәгән математика, биология кеүек дәрестәр ҙә хәҙер уға яҡын тойола. Уҡытыусыларҙың бик илһамланып һөйләүҙәре, йөҙҙәре, ҡараштары, хатта ҡул хәрәкәттәре – барыһы бергә йотлоғоп тыңларға мәжбүр итә. Рәмилдең ауылға ебәргән әлеге рәсеме һаҡланған. Фотоға ул мәктәп кейендергән өр-яңы кейемдәрен кейеп төшкән. Уның ыҡсым һәм ғорур буй-һыны, үткер ҡарашы, ҡымтылған ирене, ихтыярлы йөҙө хәтергә уйылып ҡалырлыҡ. Һул ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан, уң ҡулына ап-аҡ ҡағыҙ төргәге тотҡан. Был ҡағыҙ киләсәккә бер ишара, яҙмышының бер тамғаһы һымаҡ. Рәсемдәге кешенән үҙ-үҙенә ныҡлы ышаныс, маҡсатҡа ынтылыш, көс һәм тәүәккәллек бөркөлөп торғандай. Уның ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫына, башлаған эшен еренә еткереренә, әйткән һүҙендә ныҡ торорона, һайлаған юлынан ситкә тайпылмаҫына ышанаһың. Алда көткән ауырлыҡтар, бигерәк тә уның өсөн һәр ваҡыт ҡыйын бирелгән алгебра менән тригонометрияны теҙгенләп алыу өсөн бик күп көс түгергә тура киләсәге тураһындағы уйланыуҙарын уҡыуҙың бишенсе көнөндә үк көндәлектә ул «көрәшергә кәрәк!» тигән ныҡлы ҡарар менән йомғаҡлап ҡуя. Яңы ерҙәге, яңы кешеләр араһындағы тормош ҡаршылыҡһыҙ ғына бармай. Үҙенсә һынай, ҡайһы саҡта ныҡ ҡына һелкетеп-һуҡҡылап ала. Әле уҡыу башланғансы булған бер бәрелеш күңелгә тынғы бирмәй иҫкә төшә лә тора. Ә хәл былайыраҡ була. Уҡырға алынғас, Рәмилдәрҙе август аҙаҡтарында ике-өс көнгә ауылға помидор йыйырға ебәрәләр. Ауыл балаларына баҡса эше ауыр түгел. Тәбиғәт ҡосағында булыу улар өсөн үҙе бер байрам. Алкинола поездан төшкәс, мәктәптең терәк хужалығына урман араларынан һигеҙ саҡрым йәйәүләп баралар. Тыуған яҡтарға ҡайтҡан һымаҡ күңелле, рәхәт. Мәхмүт ауылынан Рәмил менән бергә уҡыған Рауил Ғәйнетдинов гел эргәлә бара. Яныңда яҡташыңдың, һабаҡташыңдың булыуы бигерәк тә һәйбәт. Эштән һуң ике ҡатлы кирбес өйҙөң икенсе ҡатындағы бер бүлмәгә инеп тулалар. Арыған кешегә түшәк кәрәкмәй, ҡаты таш та йомшаҡ була. Ә бында иҙәнгә бесән, һалам түшәгәндәр. Тик мәктәптә электән уҡып йөрөгән малайҙар бик уҫал, көслө күренәләр, ҡалала йышылып бөткән һымаҡтар. Яңы килгәндәргә улар көндөҙ ҙә тынғы бирмәгәйнеләр, кис булғас тағы ла нығыраҡ бәйләнәләр, төрлөсә үсекләйҙәр, төрткөләп ебәрәләр. Йоҡларға ятҡас, бигерәк шаштылар: әле одеялды тартып алып китһендәрме, әле кирбес киҫәктәре ырғытһындармы. Яңылар тын ғына түҙеп ята бирә. Рауил ҡурҡышынан Рәмилгә нығыраҡ һырыҡҡан. Ә Рәмил бая күҙенә салынған тимер көрәкте, бәлки, кәрәге тиер тип, әкрен генә тороп барып алды ла баш аҫтына һалып ҡуйҙы. Ә үҙе тегеләрҙең үсекләүҙәренә тыныс ҡына яуап биреп ята, хатта көлдөрөргә тырыша. Бәйләнсектәр бөтөнләй сығырынан сыҡҡас, Рәмил түҙмәйенсә һикереп торҙо ла үҙе аҙаҡ көндәлегендә яҙғанса: — Эй малайҙар, һуғышырға теләһәгеҙ, тороп, ысынлап һуғышайыҡ. Бик ауырыһағыҙ, әҙерәк өшкөрөп алырға ла була! Йә, сығығыҙ! Йә, кем сыға? – тип ҡысҡырҙы. Тегеләр көлөшә. Араларынан береһенең әйткәне ишетелә: — Эй һин, хөрәсән. Нишләмәксе булған булаһың, өтөк? Был Рәмилгә тағы ла нығыраҡ көс өҫтәгән һымаҡ булды: — Йә, йә, әйҙә һынашайыҡ. Йоҙроҡҡа ҡалһа, туған, беҙҙә лә бар ул! Йәгеҙ, кемегеҙҙең теше ныҡ, һанап ҡарарбыҙ! Бәйләнеүселәр бер-береһен ҡыҫтай, тик ҡуҙғалыусы юҡ. Шулай ҙа бер батырҙары табылды. Сығып баҫты ла кирбес менән бәреп ебәрҙе. — Тағы яҡыныраҡ кил! – тип бойора Рәмил. Теге яҡын уҡ килә. Ҡараңғыла уның аҡ күлдәге күренеп тора, Рәмилдеке күренмәй. «Мә, ал, их һин!» – тип, таяҡ менән һуға һөжүм итеүсе. Тик ул әйтеп тә өлгөрмәй, Рәмилдең ҡулындағы ҡорал тегенең башын шаңғыта. Малайҙың үкһеп илаған тауышы ғына ишетелә. Рәмилдең: — Йә, тағы кем батыр, кем сыға? Ниңә тындығыҙ? Алдығыҙҙа рус винтовкаһы менән кем тора? – тигән һүҙҙәренә ҡаршы сығырлыҡ батыр табылманы. Яңы килгәндәр: «Шәп, шәп, бик яҡшы булды», – тип ҡысҡырып көләләр. Рәмилдең тәүәккәллеге арҡаһында һөжүм туҡтатылды, төн тыныс үтте. Бындай ваҡиғанан һуң башҡа берәү булһа, бәлки, үҙен әллә кемгә һанап, маһайып йөрөр ине. Нимә генә тиһәң дә, бындай еңеү көн һайын булып тормай, унан һуң аҙыраҡ эреләнеберәк китһәң дә малай халҡы өсөн бер ҙә ғәжәп түгел. Ләкин был еңеү еңеүсегә ғазаптар ғына алып килә. Тағы ла көндәлек биттәренә әйләнеп ҡайтайыҡ: «28 август. Иртә менән бик иртә торҙом. Барыһы ла хырылдап йоҡлай әле. Тышта һыуыҡ. Көнсығыштан көҙгө ел иҫә. Беҙ урынлашҡан ошо өйҙән яҡында ғына, аҫта, ҙур быуа бар. Шунда йыуынырға киттем. Һыу ҙа бик һалҡын. Яр ситендәге бер ташҡа ултырып, тынып ҡалдым. Әллә нисек күңелһеҙ, үҙемде бик яңғыҙ һиҙәм. Төндә булып алған ваҡиғаға бик ғәрләндем. Бында килеп, һуғышып йөрө, имеш... Ну был шайтан ҡулды!.. Ҡырҡып ташлайһы инде әллә! Әллә нәмә тамаҡҡа килеп тығылды. Ҡапыл илағы килде. Ниңә, бер кем дә юҡ бит, илаһам – кем һуң тота мине? Рәхәтләнеп илап та алдым. Үҙемде әллә ниндәй ҙур бер диңгеҙҙә яңғыҙ ғына йөҙөп йөрөгән бер елкәнгә оҡшаттым. Йыуынып алып, бик оҙаҡ ултырғас ҡына өйгә киттем. Малайҙар әле яңы йоҡоларынан уяналар ине». Рәмилдең абруйы ныҡ күтәрелеп китә, иптәштәре күбәйә. Уҡыусылар уның ҡайһы яҡтан икәнен һорашалар, бер-береһе менән нығыраҡ танышалар. Барыһы ла кисәге һуғышты һөйләй, еңеүсене маҡтай. Өфөгә ҡайтҡас та малайҙар был хаҡта көлөшөп хәтерләп алалар. Бынан һуң Рәмилде «Русская винтовка» тип йөрөтә башлайҙар. Тик уның күңелендә был еңеүҙең ниндәй ауыр юшҡын булып ултырып ҡалғанын белмәйҙәр шул малайҙар. Рәмилдең күңеле бик болоҡһоған мәлдә үҙен диңгеҙҙәге яңғыҙ елкәнгә оҡшатыуы, бәлки, Лермонтовтың шул исемдәге атаҡлы шиғырынан киләлер. Көнсығыштан иҫкән көҙгө һалҡын ел быуа өҫтөндә тулҡындар ҡуҙғатҡанда ярҙағы таш өҫтөндә илап ултырған малайҙың хәтеренә яңғыҙ елкәндең килеүе һис тә ғәжәп түгел. Уның зирәк зиһене киләсәк яҙмышты алдан һиҙемләй һымаҡ. Аяуһыҙ тормош диңгеҙендә уға күпме тапҡырҙар сая алышырға тура киләсәк, дауылдар уртаһында япа-яңғыҙ ҡалған саҡтары ла уның аҙ булмаясаҡ. Ләкин был донъяның ҡатмарлы мәсьәләләрен йоҙроҡ менән генә хәл итеп бөтөрөрлөк түгел. Тормошта алға юл ярыр өсөн аҡыл, зиһен кәрәк, төплө белем кәрәк. Өфөгә килеүҙең дә төп маҡсаты – уҡыу, белемле кеше булып, үҫеү бит. Рәмилдең был уйҙары дәрестән дәрескә, көндән көнгә нығына барҙы. Ауылдарҙан килгән балаларҙың барыһын да бер төрлө кейемгә кейендерһәләр ҙә, Рәмил баштан уҡ был төркөмдә айырылып торҙо. Иптәштәре араһында «Русская винтовка» тигән ҡушамат алған был уҡыусы үҙенең тырышлығы, ярҙамсыллылығы, тура һүҙле булыуы менән күптәрҙе үҙенә ылыҡтырҙы. Ҡулы эшкә килешеп тора икән. Килеү менән үҙенә тумбочка әмәлләп ала, буш ваҡыт булған арала койкаһы янындағы тәҙрәне асып ҡуйып, уҡып-яҙынып ултыра. Форсат тейгәндә, китаптан айырылмай. Дәрестәргә ныҡлап әҙерләнә, дәфтәрҙәрен бик бөхтә ҡарай. Яҙыуы ла асыҡ, матур, таҙа. Арҡауылдан киткәс тә уҡытыусылар Рәмилдең бында уҡығанда яҙғандарын балаларға: «Дәфтәр бына шулай булырға тейеш!» тип, үрнәк итеп күрһәтә торған булалар. Яңы урында ла ул егәрле, иғтибарлы, йыйнаҡ булырға тырыша. Башҡаларҙан һуңыраҡ ята, иртәрәк тора. Ваҡыттың ҡәҙерен белмәһәң, өлгөрөрлөк түгел. Сөнки бында тәүге көндән үк режим бик ҡаты ҡуйылған. Көндәлектә ул хаҡта бына нимә тиелә: «15 сентябрь. Хәрби тәртип. Иртәнге 7 сәғәттә «Подъем!» тип ҡысҡыралар. Торабыҙ. Йыуынабыҙ. 200 гр. икмәк менән сәй әсәбеҙ ҙә 8-ҙә мәктәпкә китәбеҙ. 9-ҙа дәрес башлана. Сәғәт 2-лә «обед». Унан һуң киске 6-ға тиклем дәрес әҙерләү йәки мәктәпкә консультацияға йөрөйбөҙ. 7-лә – «ужин». 8-ҙән 11-гә тиклем тағы дәрес әҙерләү. Унан «отбой», йоҡо. «Отбойҙан» һуң ҡалғаны – минеке. Теләһәң, яҡтырғансы ултыр!» Бындай ҡәтғи тәртип менән йәшәү уҡыусыны, әлбиттә, сыныҡтыра, уға көндәрен әрәм-шәрәм итергә юл ҡуймай. Көндәлектән килтерелгән өҙөктәге һуңғы ике Һөйләмгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Төндәр буйына баш күтәрмәй эшләү, таң яҡтырғансы яҙыу менән ултырыу был кешенең ғүмерлек ғәҙәте булып ҡаласаҡ. Үҙҙәренең ҡайҙа белем алып йөрөгәндәрен, яҙмыш уларҙы ниндәй бәхетле мөхиткә килтереп юлыҡтырғанын, Башҡортостандың рухи үҫеш тарихында был мәктәптең ниндәй ҙур урын аласағын уҡыусылар ғына түгел, хатта уларҙың яратҡан уҡытыусылары, тәрбиәселәре лә ҡайҙан ғына белһен әле?! Шуға күрә бында бер ни тиклем тарихи белешмә биреп китеү урынлы булыр. Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә бер генә башҡорт мәктәбе лә булмай. Башҡорт балаларына белем биреү өсөн махсус кластарға 1937 йылда ғына Зенцов урамындағы 49-сы һанлы ике ҡатлы торлаҡ йортта урын бирелә. Бында ҡала балалары уҡый. Өфө ҡалаһының татар мәктәбендә уҡыған башҡорт балалары яңы ойошторолған ошо мәктәпкә күсерелә. Бында балаларҙы туплауҙа ауырлыҡтар ҙа аҙ булмай. Ҡала мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балаларының исемлеге алына. Ҡайһы бер етәкселәр насар уҡыған йәки бер класта ҡат-ҡат ултырып, йәштәре артҡан балаларҙы ла ошо исемлеккә мутлашып индереп ебәрергә тырыша. Ошондай ҡаршылыҡтарҙы үтеп, мәктәп 1937 йылдың 1 сентябрендә 155 уҡыусыны үҙенә ҡабул итә. «10. Бывшее школьное здание, где размещались начальные классы школы № 9 (по улице Зенцова, 49), в данное время занятое под квартиры, предложить Ленинскому райсовету освободить и передать это здание под классы башкирской школе № 9 не позднее 15 июля с/г. Председатель СНК БАССР Управделами СНК БАССР Шагимарданов Султанов» Әкренләп мәктәп нығына, үҙенең уҡытыусыларын йыя, традициялары моронлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп эштәрҙе буш ерҙә башларға тура килә. Был уҡыу йортоноң тыуыу һәм үҫеү тарихын байҡағанда әле егерменсе йылдар башында уҡ был йүнәлештә ниндәй һәйбәт эштәр башҡарылғанына һоҡланмай, утыҙынсы йылдарҙа уларҙың аяныс яҙмышҡа дусар булыуына һыҙланмай мөмкин түгел. Эйе, 1922 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә күскәс, бында Ленин исемендәге Өлкә башҡорт урта мәктәбе асыла. Яҡшы йыһазландырылған кластары һәм кабинеттары, бай китапханаһы булған был уҡыу йортонда тәжрибәле педагогтар эшләй, башҡорт мәктәптәре өсөн тәүге дәреслектәр һынау үтә. 250 урынлыҡ интернатта төрлө райондарҙан килгән уҡыусылар йәшәй. Был белем төйәге менән тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшиндың, драматург Сәғит Мифтаховтың, рәссам Александр Тюлькиндың һ.б. күренекле шәхестәрҙең эшмәкәрлеге бәйләнгән. Бында шағирҙар Рәшит Ниғмәти, Батыр Вәлид, Мөхәмәтйәров Хәй, әҙип Әмир Чаныш, дәүләт эшмәкәре Фатима Мостафина һ.б. таланттар тәрбиәләнеп сыға. Был йортта ҡанат нығытҡан уҡыусылар артабан төрлө тармаҡтарҙа һәйбәт белгестәр булып таныла. Өфөләге был берҙән-бер башҡорт мәктәбе ҡалала ни бары ун йыл самаһы ғына эшләй, ләкин шул ҡыҫҡа ғына арала ла Башҡортостанда милли интеллигенцияның үҫешенә үҙенең тос өлөшөн индереп өлгөрә. Ләкин 1933 йылда ҡала үҙәгендәге был матур бина яңы ғына асылған ауыл хужалығы институтына бирелә. Ленин исемендәге гөрләп торған мәктәп Стәрлетамаҡҡа күсерелә. Баш ҡала Башҡортостандың төрлө тарафтарынан, хатта күрше өлкәләрҙән килгән башҡорт балаларына белем бирә торған, уларҙы илдең төрлө юғары уҡыу йорттарына әҙерләй торған бик кәрәкле милли үҙәктән мәхрүм ителә. СССР-ҙа мәҙәни революция тантана иткән дәүерҙә халыҡтың аң-белемен күтәреү, мәғарифты, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте үҫтереү буйынса, ысынлап та, байтаҡ файҙалы эштәр башҡарылғанда, республика был тармаҡтарҙа тарихи уңыштарға ирешкәндә, Өфөнөң ошондай мәктәпһеҙ ҡалыуы сәйәси һуҡырлыҡтан да бигерәк сәйәси мәкерҙең, башҡорт халҡының үҫешенә нисек тә аяҡ салырға тырышыусы көстәрҙең яуыз эшмәкәрлегенең бер һөҙөмтәһе булманымы икән, тип тә уйлап ҡуяһың. Шулай итеп, Рәсәйҙә дәүләтселек хоҡуғын беренсе булып яулап алған автономия үҙенең баш ҡалаһында бер генә башҡорт мәктәбе булмаған республика хәлендә йәшәй. Бындай сикләнгәнлек милли кадрҙар әҙерләү эшен бик ныҡ тотҡарлай. Утыҙынсы йылдар аҙағында Өфөлә махсус башҡорт мәктәбе ойоштороу буйынса саралар күреү, ошо сикләнгәнлектән нисек тә сығыу юлында хөкүмәттең әлегә ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдары булды. Һуғыш аҙағына табан 9-сы мәктәптә райондарҙан да аҙ булһа ла балалар уҡый башлай. Улар араһынан артабан илгә таныласаҡ академик Ғайса Хөсәйенов, нефтсе Әкрәм Закиров һ.б. үҫеп сыға. Баш ҡалалағы башҡорт мәктәбенең үҫеү тарихында дәһшәтле һуғыш йылдарында ҡабул ителгән ошо дәүләт ҡарарының әһәмиәте айырыуса ҙур була: СОВЕТ НАРОДНЫХ КОМИССАРОВ РСФСР ПОСТАНОВЛЕНИЕ № 291 от 25 марта 1944 года, г. Москва Об организации при средней школе № 9 г. Уфы интерната для детей из коренной национальности. Совет Народных Комиссаров РСФСР постановляет: Разрешить Совнаркому Башкирской АССР организовать с 1 сентября 1944 года при средней школе № 9 г. Уфы интернат с полным пансионом на 200 детей из коренной национальности. Председатель Совета Народных Комиссаров РСФСР А. Косыгин Управляющий делами Совета Народных Комиссаров РСФСР А. Болдырев Һуғыштан һуң интернат-мәктәптә уҡыусы төрлө райондарҙан йыйылған балалар йылдан-йыл күбәйә бара. Йәшәү һәм уҡыу шарттарын яҡшыртыу буйынса ла саралар күрелә. Был һәйбәт үҙгәрештәр барыһы ла тиерлек Рәмилдең күҙ алдында ғына түгел, уның ҡатнашлығында үтә. Сөнки ул бирелгән дәрестәрҙе тырышып әҙерләп, ҡушылған эштәрҙе тейешенсә эшләп кенә йәшәмәй. Ул мәктәп программаһынан тыш бик күп уҡый. Килеү менән бындағы йәшәү шарттарына күнегеп китеүе еңелдән булмай. «Ҡайыштар ныҡ ҡына ҡыҫыла төштө. Интернат әле ярлы. Хужалығы ныҡлы түгел. Шулай ҙа күңелле! Шау-шыу. Ятаҡ гөрләй», – тип яҙа ул. Тормош наҡыҫ, әммә һуғыш йылдарында аслығын да, яланғаслығын да күреп, ҡыштарын йыш ҡына һыуыҡ өйҙәрҙә, һыуыҡ кластарҙа өшөп-туңып үҫкән балаларға күнегеп китмәҫлек түгел. Иң ҡыуандырғаны бында шул: яҙышырға дәфтәр бар, ручка-ҡара бар, уҡырға дәреслектәр ҙә етерлек. Ауылда саҡта быларға ни тиклем ҡытлыҡ кисерҙеләр, оноторлоҡ түгел. Рәмилдең Өфө интернат-мәктәбендә уҡый башлаған тәүге көндәрҙе күҙ алдынан үткәргәндә, шуныһы айырыуса иҫтә ҡала һәм үҙенсә хайран итә. 13 сентябрҙә көндәлегенә: «Нисек итеп берәй китапханаға яҙылырға? Их, туйғансы, туйғансы уҡырға! Үҙеңдең берәй ҙур китапханаң булып, теләгәнсә һайлап уҡы ине!» тигән юлдарҙы өҫтәп хыялланған Ғарипов иртәгеһенә үк Республика китапханаһына барып инә. Тәүге уҡыған китабы – «Мюнхаузендың башынан үткәндәре». Унда хикәйәләнгән мажаралар донъяһында йөрөгәндә түҙмәйенсә көлөп ебәрә. Иптәше ҡабырғаһына төртә: ярамай бында! Китапхана тәртиптәренә ул тиҙ өйрәнә. Был белем усағы, китаптар, журналдар хазинаһы мәктәптән һуң Өфөлә тәүге айҙан уҡ уның өсөн иң яҡын, иң яратҡан йортона, үҙе әйтмешләй, икенсе мәктәбенә әйләнә, бынан бер ҡасан да юлы өҙөлмәй. Мәктәп йылдарынан уҡ уның ҡулынан китап төшмәй. Араларында ниндәйҙәре генә юҡ: Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙары, Сәғит Агиштың «Мәхмүтов» повесы, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәм мажаралары», Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» романы, Әхнәф Кирәйҙең «Ҡабалан кеше», Али Карнайҙың «Инженер Никольский» әҫәре, Пушкиндың, Горькийҙың, Маяковскийҙың, Жюль Верндың, Камалдың, Ҡудаштың, Б. Полевойҙың, Горбатовтың, тағы әллә күпме яҙыусыларҙың китаптары ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер-бер артлы уҡыла. Уларға «Октябрь», «Совет әдәбияты» журналдары менән даими танышып барыу өҫтәлә. Былары айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Өҙлөкһөҙ ағым, эҙмә-эҙлекле изге шөғөл, аҡылдың, зиһендең туҡтауһыҙ хеҙмәте. Был хеҙмәт йыш ҡына, дөрөҫөрәге, күпселектә ял һәм йоҡоға тейешле сәғәттәрҙе урлап башҡарыла. Көндәлектән: «29 октябрь, 1946 йыл. Дәрес әҙерләп бөткәс, малайҙар йоҡларға ятты. Минең йоҡом килмәй. Пушкиндың «Евгений Онегин» романын уҡып ултырам. IV главаға еттем. Күҙ ауырта, ятырға ваҡыт». «30 октябрь... Театр башланғансы «Евгений Онегин»дың V главаһын уҡып алдым. Уҡый башлаған бәләкәйерәк китаптар кеҫәлә йөрөй». Өфөлә генә түгел, ауылда каникул ваҡытында ла, ҡышын да, йәйен дә, ялда ла, ҡунаҡта ла китаптан айырылыу юҡ. 1947 йылдың ҡышҡы каникулы, ғинуар баштары. Көндәлектән: «Ҡунаҡ булдым. Иптәште лә таптым. Был М. Горькийҙың «Әҙәбиәт тураһында» китабы ине... Бына күңелле хәҙер! Иптәшем, иң яҡын иптәшем янымда. Кем ул? Ул – китап. Унһыҙ инде тора алмай башланым. Бөгөн ярты төнгә тиклем ултырҙым». 1947 йылдың йәйге каникулы, ҡустыларына ҡушылып Рәмил дә колхоз көтөүен көтә. Көндәлектән: «18 июль. Бына һыйырҙарҙы ҡыуып төшөрҙөм дә, йәшел үлән өҫтөнә ятып, «Хикәйәләрҙе» (Афзал Шамовтыҡы – Р. Б.) уҡырға керештем. Ята торғас, йырлап уҡ ебәрҙем». Китапты «иң яҡын иптәшем» тип атағанда Рәмилдең ҡулында Максим Горькийҙың «Әҙәбиәт тураһында» тигән йыйынтығы булғанлығын ныҡлап хәтерләп ҡуяйыҡ. Бөйөк рус әҙибенең был баҫмаһын уҡығанда йәш уҡыусы ундағы фекерҙәрҙе тулыһынса аңлап-үҙләштереп еткермәгән, әлбиттә. Ләкин киләсәктә уның Горький ижады менән бәйләнешен тулыраҡ аңлар өсөн көндәлеккә инеп ҡалған ошо эпизодҡа ла әйләнеп ҡайтырға кәрәк буласаҡ. Кешенең артабан ниндәй кеше булып китеүенә ғәйәт ҙур йоғонто яһай торған «һынылыш миҙгеле», йәғни малайлыҡтан үҫмер саҡҡа күсеү, йәшлектең башланған ваҡыттары Рәмил Ғарипов яҙмышында нәҡ Өфө дәүеренә тура килә. Төп асылы, холоҡ-ҡылығы физик һәм рухи булмышы менән әҙәм балаһы, әлбиттә, үҙе булып ҡала. Үҙеңдән үҙең ҡасып булмай, ҡайҙа барһаң да ҡара һаҡалың үҙең менән йөрөй, тиҙәр. Ләкин мәрхәмәтле, кешелекле шарттарҙа йәш кешенең күңеленә һалынған матур сифаттар йылыға тартылған сәскәләр һымаҡ балҡып асылырға, икенсе шарттарҙа төрлө яуызлыҡтар йәш кешенең рухын һындырырға, яҙмышын имгәтергә лә мөмкин бит әле. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҙур тормош юлында тәүге аҙымдарын яһаусы быуын алдында торған ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар айырыуса аяуһыҙ ине. Оло ышаныстар менән ҡанатланған йәш-елкенсәктең төрлө алама бәндәләрҙең тырнағына ҡапҡаны, ҡанаты ҡайырылып, тормош төбөнә тәгәрәгәндәре лә аҙ булманы. Иптәштәре менән Өфөгә килешләй йәки унан ҡайтышлай вагон башында барыуҙар, товарнякта күмер-ҡоромға буялып, танымаҫлыҡ ҡиәфәткә инеп юл үтеүҙәр, ҡышҡы һыуыҡтарҙа аяҡта ботинка көйө үлер сиккә етеп өшөүҙәр Рәмилдең башынан бер генә үтмәй. 1948 йылдың ғинуарында ауылдан килгәндә Таутөмәндә бурҙар, уның тоҡсайын ярып, барлы-юҡлы итен, майын урлай. Уның үҙенең дә шул ҡараҡтар ҡулына эләгеүе, улар менән насар юлға төшөүе йәки бөтөнләй һәләк булыуы ла бик ихтимал ине бит. Алланың мәрхәмәте менән уға, ҙур ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, мәктәпте иҫән-һау уҡып сығырға насип була. Һәйбәт педагогтар тәрбиәһендә белем алыу бәхете тейә. Өфөләге 9-сы һанлы башҡорт урта интернат-мәктәбенең тарихын ентекле өйрәнеү Башҡортостанда мәғариф үҫешендәге фәһемле ваҡиғаларҙы, яҡшы ҡаҙаныштарҙы күҙ алдына баҫтырыр ине. Былар барыһы ла йылдан-йыл алыҫлаша, сал тарихҡа әйләнә бара. Баш ҡалаға уҡырға, кеше булырға тип ҙур өмөттәр бағлап килгән балаларҙың күбеһенең аталары һуғышта һәләк булған. Уларҙың күҙ терәп торған ышаныстары – ошо төйәк, ошо интернат. Өфө ҡала Советының 9-сы мәктәп янында интернат булдырыу һәм уның 33 кешелек штатын раҫлау тураһындағы 1948 йылдың 5 март ҡарарында был мәктәптең «аталары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған үкһеҙ етем һәм етем 200 баланы тәрбиәләүе һәм төп милләт балаларынан кадрҙар әҙерләүе» тураһында махсус әйтелә. Был мәктәптә эшләүсе педагогтар һуғыштан һуңғы дәүерҙә етем балалар өсөн уҡытыусы ғына түгел, оло кәңәшсегә әйләнәләр, иң ауыр саҡтарында балалар уларға һыйыналар, әсәләре һымаҡ яҡын күрәләр. Ҡайһы саҡта был уҡыу йортон, Башҡортостан өсөн нисәмә мең милли кадрҙар үҫтергән, халыҡтың йөҙөк ҡашы булған күпме арҙаҡлы шәхестәр тәрбиәләгән ошо белем усағын Пушкиндар уҡыған атаҡлы Царскосельский лицейы менән сағыштыралар. Ике уҡыу йортоноң да изге миссия башҡарыуы буйынса, бәлки, сағыштырып та булалыр. Ләкин оҡшашлыҡтан бигерәк айырмалар күпкә ҙур, әлбиттә. Бөтөнләй башҡа дәүер, бөтөнләй башҡа ижтимағи мөхит, бөтөнләй бүтән хоҡуҡтар, бүтән яҙмыштар. Батша ауылындағы лицейға Рәсәйҙең иң затлы нәҫелдәренән һаналған ғаиләләрҙең исем-шәрифтәрен йөрөткән кенәздәрҙең, графтарҙың, барондарҙың, һәр хәлдә, империялағы иң юғары ҡатлам булған дворяндарҙың балалары һайлап алынған, әллә нисәмә телдәр белгән, фәҡирлектең ни икәнен ғүмерҙә татып ҡарамаған, иң етеш ғаиләләрҙә тыуып үҫкән, бында килгәнсе үк күп яҡлы тәрбиә алған малайҙар йыйылған. Бында ҡабул ителәсәк уҡыусыларҙың исемлеген император һарайы махсус барлаған, уларҙың яҙмышын даими күҙәтеп, хәстәрләп торған. Өфөнөң 9-сы мәктәбенә йыйылған балаларҙың күбеһе етем, атай тәрбиәһен күрмәгән, тамаҡтары икмәккә туймаған. Аяҡтарындағы сабата, өҫтәрендәге ямаулы кейем улар өсөн ғәҙәти хәл. Улар шуға күнеккән. Шулай булырға тейеш һымаҡ. Һуғыш килтергән ауырлыҡтар бөтә илгә ябырылғанда, ҡайғы-хәсрәттәр бер генә өйҙө лә урап үтмәгәндә улар башҡаса тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай. Һуғышҡа тиклемге шат көндәр хәҙер төш һымаҡ ҡына хәтергә килә. Ҡалаға килгәнсе алған белемдәре лә төрлөһөнөң төрлөсә. Быныһы инде һәләттәренән бигерәк етерлек мөмкинлектәрҙең булмауынан шулай килеп сыҡҡан. Төрлө ауырлыҡтар арҡаһында ҡайһы берҙәренең уҡыуҙары туҡтап, мәктәпкә йөрөүҙәре өҙөлөп торған. Ә инде рус телен тейешенсә үҙләштереү өсөн уларҙан күпме тырышлыҡтар талап ителәсәген уҡытыусылар үҙҙәре генә белә. Иң мөһиме: күбеһе отҡор, зирәк балалар йыйылған. Уҡыуға булған ихлас һәм көслө теләктәре, етди ниәттәре ҡараштарынан күренеп тора. Килә һалғас та йыуашыраҡ, һағышлыраҡ, хатта ҡыйыуһыҙыраҡ булалар, ләкин бик тиҙ уртаҡ уй-хыялдар уларҙы елкендерә башлай, күҙҙәре осҡонланып китә. Тиҫтә йылдар эсендә был мәктәп Башҡортостандағы мәғариф системаһында уникаль күренешкә әйләнәсәк, уның нисәмә меңәрләгән уҡыусылары илдең төрлө ҡалаларында юғары уҡыу йорттарын тамамлап, һан яғынан да, сифат яғынан да милли кадрҙарға даими рәүештә ҙур көс өҫтәп торасаҡ. Башҡорт интеллигенцияһының үҫешендә яңы баҫҡыс буласаҡ. Был яҡтан ул граждандар һуғышы һәм аслыҡ килтергән бәләләрҙән һуң үлем сигендә ҡалған байтаҡ башҡорт балаларын үҙенең ҡанаты аҫтына йыйып, күренекле шәхестәрҙе тәрбиәләгән, милли интеллигенцияның яңы быуынын үҫтереүгә уҙған быуаттың егерменсе-утыҙынсы йылдарында тос өлөш индергән Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа асылған педтехникумды хәтерләтә. Әммә Өфөләге интернаттың ҡоласы, бәхеткә күрә, күпкә киңерәк, изге хеҙмәте оҙайлы буласаҡ. Былары киләсәктә яуланасаҡ үрҙәр, алда күреләсәк шатлыҡ-ғорурлыҡтар. Әлегә мәктәп үҙенең тәүге уҡыусыларын туплай. Дәрестәр Зенцов урамының 49-сы һанлы бинаһындағы мәктәптә үтһә лә, йәшәр урындары алмашынып торҙо. Бер саҡ балалар йортонда ла өйҙәш булып алдылар, унан Социалистик урамына күстеләр. Рәмилдең яҙмалары, китаптары тултырылған тумбочкаһы һәр саҡ үҙе менән. Уның арҡаһында бер саҡ бәхәс тә ҡубып ҡуйҙы. «Бындағы әйберҙе ҡайҙа алып китәһең?» – тип ҡаршы төшкәстәре, Рәмил барыбер үҙенекен итте, тырышып эшләгән әйберен ҡалдырманы. «Ләкин мин үҙемдең бер әйткән һүҙемдән үлтерһәләр ҙә ҡайтмамын. Әйттем – бөттө!» – тип яҙып ҡуя ул аҙаҡтан. Уның ауылдан Өфөгә уҡырға китергә тип уйланып йөрөгән саҡтағы «Бер әйттем – бөттө» тигән һүҙҙәре хәтергә килә. Әйткән һүҙенән ул ҡайтасаҡ түгел. Күңел сәғәте Кеше ғүмерендәге иң ҡәҙерлеһе – Ваҡыт. Бер юғалтҡаныңды кире табырға мөмкин. Хаталарҙы төҙәтеп, хатта селпәрәмә килеп емерелгәнде яңынан тергеҙеп була. Ҡаты ауырыу аяҡтан йыҡҡас та яңынан һауығыу шатлығын бер генә ҡабат түгел, әллә нисәмә мәртәбә кисергәндәр бар. Тик үткән ваҡытты ғына кире ҡайтарып булмай. Әҙәм балаһы уҙған ғүмерҙең кире ҡайтмауы хаҡындағы йырҙарҙы бәләкәстән тыңлап үҫә, күпме аҡыллы мәҡәлдәр хәтеренә уйылып ҡала. Быларҙы ул белә, аңлай, ләкин барыбер был донъяға мәңгелеккә килгән һымаҡ йәшәй. Әгәр һәр сәғәт һайын Ваҡыттың аяуһыҙ ағышы тураһында хафаланып-бошоноп көн итһәң, был аҫыл ғүмер тотош бер ғазапҡа ғына әйләнер ине бит. Ярай әле тормоштоң эреле-ваҡлы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре быға форсат ҡалдырмай. Шулар менән әүрәп, көн артынан көн үткәне һиҙелмәй. Күптәр Ваҡыт ағышында ҡаршылыҡһыҙ-ниһеҙ ағып бара. Ләкин бөйөк тәбиғәт был донъяға кешене күңел сәғәте менән яратҡан. Бәғзе сабыйҙар йөҙлөк менән тыуа икән, был һирәк хәлде һәр саҡ бәхеткә юрайҙар. Йөҙлөк күренһә лә, күңел сәғәте күренмәй. Күренмәй, әммә кешенең тәүге һулыш алған мәленән үк туҡтамайынса эшләй башлай. Берәүҙәр уның эшләгәнен һиҙгер тоя, икенселәр иһә быға әллә ни иғтибарлы булмай. Рәмил Ғариповтың күңел сәғәте уға ваҡыттың туҡтауһыҙ үтеүен, һәр яңы көндөң яңы бурыстар, ҙурыраҡ яуаплылыҡ алып килеүен бәләкәстән үк иҫкәртеп торҙо. Һәр бала һымаҡ, сабый сағында ул да уйнарға яратҡандыр. Ҡустыһы Рауил нисек ағаһының уйынсыҡтарҙы үҙе яһағанын хәтергә ала. Әммә замандаштарының иҫтәлектәрендә уны гел генә тиерлек уҡыу йәки эш менән мәшғүл булғанлығы һөйләнелә. Һуғыш был быуындың балалығын бик иртә өҙҙө. Ләкин Рәмил былай ҙа үҙ йәшенән ҙурыраҡ күренә, холоҡ-ҡылыҡтары менән ололарса төплө һәм һалмаҡ. Өфөлә уҡый башлағас, уның был сифаттары тағы ла нығыраҡ асыла, күңел сәғәте уны барыһына ла өлгөрөп ҡалырға ашыҡтырып тора. Шуға күрә уны Арҡауылда тырышлығы, уңғанлығы өсөн «Ҡырмыҫҡа» тип йөрөтһәләр, бында етдилеге һәм олпатлығы өсөн «Бабай» тип атайҙар. Ата-әсәләре ҡушҡан Рәмил тигән исеме интернатта уҡыған йылдарҙа Рәми булып үҙгәрә һәм Рәми Ғарипов уҡыусылар араһында йылдан-йыл нығыраҡ ихтирам яулай бара, мәктәптең иң абруйлы уҡыусыларының береһенә әйләнә. һабаҡташы Ирек Рәхимғоловтоң иҫтәлектәренән: «Рәмиҙең бер кем менән дә тауыш сығарғанын иҫләмәйем. Ул дөрөҫлөктө яҡларға һәр саҡ әҙер ине. Бик тотанаҡлы, тыныс холоҡло булды, һөйләшеүе лә ипле, әкрен генә ине. Күҙгә туп-тура ҡарап, йылмайып ҡына һөйләшә. Атлап йөрөүе лә дәрәжәле, ашыҡ-бошоҡ йөрөмәй. Шуға күрә уның ҡушаматы бик тиҙ табылды: «Бабай». Үҙе лә быға үпкәләмәне». Тәүге уҡыу йылы башланыр алдынан ауылға эшкә ебәргәндә «ҡартластарҙың» яңы килгәндәрҙе ҡыйырһытырға тырышыуҙарына Рәмиҙең нисек ҡаршы сыҡҡанын Ирек Рәхимғолов та хәтерләй, «шөрләй төшөп, шым ғына яттыҡ, әммә арабыҙҙа Рәми иң ҡыйыуы булды», – тип яҙа. Бындай эпизодтар башҡаса ҡабатланмаған һәм Рәмиҙең көслө ихтыяры ундай хәлдәргә бүтән юл ҡуймаған, күрәһең. Юғиһә һабаҡташы «бер кем менән дә тауыш сығарғанын иҫләмәйем» тип әйтмәҫ ине. Рәмиҙең күңел сәғәте лә, интернаттағы уҡыу-йәшәү тәртиптәре лә илке-һалҡы йәшәргә юл ҡуймай. Ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәтә, уны ҡыҫа, уны тығыҙлай. Һәр көн үҙенсә ҡыуаныслы яңылыҡ алып килә, донъяның бығаса һин белмәгән-күрмәгән яғын аса. Иң ныҡ тартып торғаны, буш ваҡыт булмағанда ла, нисек тә шунда булырға атлыҡҡаны, әлбиттә, Республика китапханаһы. Ара ла алыҫ түгел, йүгереп кенә бараһың да етәһең. Мәктәптең дә, интернаттың да, был мөғжизә китапхананың да ҡала үҙәгендә булыуы ниндәй бәхет. Рәмиҙең Әбүғәлисина тураһында бер китап уҡығаны бар ине. Боронғо Шәреҡтә тау ҡыуышында байлығына иҫең-аҡылың китерлек бер китапхана булған икән. Уның даны әллә ҡайҙарға таралған, ҡулъяҙмаларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Кешеләргә был китаптарҙы уҡырға бер генә көн рөхсәт ителгән. Китапхананы йылына бер генә тапҡыр асалар ҙа көн үтеү менән тағы ла бер йылға ябып та ҡуялар. Күпме өлгөрә алаһың, шуныңса уҡып ҡалаһың. Әбүғәлисина үҙе һымаҡ белемгә һыуһаған бер иптәше менән, зәйтүн майында бешереп, бер йыллыҡ ризыҡ әҙерләп, ошо мәшһүр китаптар донъяһы ишектәрен асҡан көндө унда инәләр. Көн үткәс, ишектәр яңынан ябыла. Әбүғәлисина иптәше менән бында йәшенеп ҡала, йыл буйына береһенән-береһе аҡыллы китаптар уҡып яталар. Әбүғәлисина мәмерйәлә бихисап хикмәтле хеҙмәттәрҙән ҡиммәтле ғилемдәр туплап, бөйөк ғалим һәм табип булып китә. Рәми Ғарипов менән уның иптәштәренә белемдәрен арттырыр, ғилем туплар өсөн әллә ниндәй тау ҡыуышында йәшенеп ятаһы юҡ. Ленин менән Пушкин урамдары киҫешкән мөйөштәге ике ҡатлы матур йорттоң – Республика китапханаһының ишектәре иртәнән кискә тиклем асыҡ. Рәми йыш ҡына бынан ябылыр саҡта сәғәт унда һуңғыларҙан булып сыға. Әле генә йотлоғоп уҡып ултырған донъянан урамда барғанда ла айырыла алмай. Интернатҡа ҡайтыу менән тағы ла китапҡа сума, ҡайһы саҡта төндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡала. Көндәлектә «Төштән һуң китапханаға барҙым. Бик һуңға ҡалып ҡайтырға тура килде. Киске ашауҙан ҡалып, ураҙа тоторға булдым» һымаҡ яҙыуҙар ҙа бар. Иң яҡын иптәше китап хаҡына хатта ашамайынса түҙергә лә риза, уҡырға мөмкинлек кенә булһын. Һуғыштан һуңғы йылдар бит. Ил әле икмәккә туймаған. Мәктәптә лә ҡайыштарҙы нығыраҡ тартып бәйләргә тура килгән саҡтар була. Ләкин Рәмиҙең хыялы туйғансы ашауҙан да бигерәк туйғансы уҡырға ине тигән теләктә. Туйғансы ашап йәшәгән мәлдәр ҙә булыр, әммә китап уҡыуҙан, белем туплауҙан Рәми бер ваҡытта ла туймаҫ. Китапханаға Рәми яңғыҙы ғына йөрөмәне, башҡаларҙы ла шуға ылыҡтырырға тырышты. Бер ваҡыт интернаттыҡылар Өфөләге балалар йортонда йәшәп алды. Ошонда тәрбиәләнеүселәр Рәми менән яҡындан аралашты, уға эйәреп башҡалар ҙа китапханаға йөрөй башланы. Тик ҡайһы берҙәренең бында бүректәрен һалмай, көнбағыш ярып, кишер ашап ултырыуҙары Рәмиҙең эсен бошора. «Әллә хайуандармы һеҙ? Ҡайҙа ултырғанығыҙҙы ла белмәйһегеҙме? Был Башҡортостан Республикаһы китапханаһы булыр! Ҡәҙерен белегеҙ!» тип, ҡаты ғына шелтәләп тә ала. Ауыл балалары бына шулай әкренләп булһа ла китап донъяһына яҡынайҙы. Яңы шарттар уларҙың белемдәрен үҫтерҙе, ауыл балалары мәҙәни яҡтан да үҙенсә тәрбиәләнде. Кистәрен күберәк китапханала үткәрһә лә, интернаттағы һабаҡташтары менән Рәми йыш ҡына театрға бара, кино ҡарай, музейҙа ла булалар. Уның рухи донъяһын мәғрифәт тә, мәҙәниәт тә, матбуғат та төрлө яҡлап яҡтырта, төрлө яҡлап байыта. Бына 1947 йылдың ғинуарының ҡайһы бер көндәре: «13 ғинуар. Яңы көс, яңы дәрт менән уҡыу башланды. Ипләп урынлаштыҡ». «14 ғинуар. Бөтә интернат балалары, театрға барып, «Таңсулпан» пьесаһын ҡараныҡ». «19 ғинуар. «Салауат» кинотеатрына барып, «Свинарка и пастух» кинофильмын ҡараным». «21 ғинуар. Мине бигерәк тә журналдар уҡыу күберәк ҡыҙыҡһындыра. Сөнки унда ни генә юҡ! Бөтәһе лә бар... Ә китаптарҙы башҡа урында ла табырға була. Бөгөн татарса «Совет әдәбияты» тигән журнал уҡыным...». «22 ғинуар... Бөгөн «Туҡай» була тинеләр. Бөтә интернат балалары театрға киттек...». «25 ғинуар. Уҡыуҙан ҡайтҡас, китапханаға барып, Степан Злобиндың «Салауат Юлаев»ын уҡый башланым...» Ике аҙна эсендә Рәмиҙең ваҡыты ниндәй ашҡыныулы ритмда һәм бәрәкәтле үткән. Ҡышҡы каникулдарҙан килеп, уҡыу башланып та өлгөрмәй, Рәми китапханаға саба, ҡайһы саҡта китап уҡыу уға ризыҡтан да ҡәҙерлерәк. Ике аҙнала театрға өс тапҡыр баралар, бындай бәхет Өфөнөң үҙендә тыуып үҫкәндәргә лә тәтемәйҙер. Уҡыу йәки тамаша ҡылыу ғына түгел, һәр көндөң тиерлек күргән-кисергәнен Рәми туҡтауһыҙ анализлай, ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе, китаптарҙы баһалай, барыһын да ҡайһы саҡта ентекләп, ҡайһы саҡта бер-ике юл менән булһа ла ҡағыҙға теркәп барырға өлгөрә. Әле Өфөләге тәүге уҡыу йылының ғинуар көндәре хаҡында һүҙ барҙы. Рәмигә бында барлығы дүрт йыл – 1946 йылдың авгусынан 1950 йылдың июленә тиклем уҡырға насип булды. Беренсе йылда уҡ йәш рух, йәш аҡыл шундай хеҙмәткә егелгән икән, тотош дүрт йылға һуҙылған туҡтауһыҙ интеллектуаль эшмәкәрлекте күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ! Рәмиҙең күңелендәге сәғәт уға бер генә көнгә лә тынғы бирмәне, аҙналары, айҙары, йылдары ғәйәт ҙур эске көсөргәнешлек менән үтте. Йәйге-ҡышҡы каникулдарында ла, өйҙә лә, мәктәптә лә, урман-ҡырҙа ла, туғандарында ҡунаҡта булғанда ла, хатта театрҙа ла ул китаптан айырылмай, ҡәләм-ҡағыҙ һәр саҡ ҡул осонда. Рәми Ғарипов ғүмер юлында хаҡһыҙлыҡтарҙы, хыянаттарҙы аҙ күрмәне, яңғыҙлыҡ, мәкер уның йөрәген ҡат-ҡат яраланы. Өфөнөң ҡайһы бер йорттарынан ул күңеле имгәтелеп сығасаҡ. Ләкин китапханалар менән китаптар уға хыянат итмәне, ғүмергә тоғро иптәш булып ҡалды. Республика интернат-мәктәбе менән Республика китапханаһы дүрт йыл буйына уның күңелен нурландырып торҙо, һуғыштан һуңғы ауыр заманаларҙа ышаныслы таяныс булды. Асылырмы ижад серҙәре? Өфөлә Рәмил Ғарипов ҡаршылаған тәүге сентябрь, тәүге уҡыу йылы. Ауылдан килгән малайҙарҙың яңы ерҙә баштары әйләнгән саҡ: ят кешеләр, ят ер, урынлашыу мәшәҡәттәре, ҡала шау-шыуына өйрәнә алмау, тыуған яҡтарҙы һағынып, балауыҙ һығып алыусылар ҙа бар... Ләкин дәрестәр башланыуға аҙна-ун көн үтеп тә өлгөрмәй, Рәмилдең күңелендә яңынан-яңы шиғырҙар ҡуҙғала башлай. Киске ҡалала емелдәгән уттар, урамды яҡтыртып үткән машиналар уға бер ҙә ят күренмәй. Өҫтәүенә аяҙ күк йөҙөндәге йондоҙҙар ҙа матур булып яна. Ошоларға ҡарап ултырғанда әллә ниндәй илһамлы тойғолар уяна. Ҙур поэмалар тыуыр һымаҡ: «Бына ҡулым ҡәләм тотто ла, үҙемсә «поэма» тип исемләп, шытырҙаҡ ҡағыҙ өҫтөнән «Шомло төндән шаулы көндәргә» тигән хәреф теҙмәләрен һыҙғылап сыҡты. Ҡара әле, матур исем бит! Үҙе нисек булыр инде... Был бит ҙур ғына нәмәгә беренсе башлап тотоноу. Йөрәк ашҡына. Күҙ алдына төрлө ваҡиғалар, ишеткәндәр, күргәндәр, уҡығандар һәм үҙем уйлағандар килеп баҫа. Ҡәләм ҡағыҙ өҫтөнән бер туҡтала, бер шәбәйә, аҡрын ғына үҙенсә юрғалай... Ярты төн шулай һиҙелмәй ҙә үтә». Әгәр Башҡортостан Республикаһының тәүге интернат-мәктәбендә уҡымаһа, Рәмиҙең яҙмышы нисегерәк килеп сығыр ине – быны әйтеүе ҡыйын. Кеше яҙмыштары тураһында фараз итеү – хәүефле эш. Китапты мөкиббән китеп яратыуы, ауылда уҡ шиғырҙар яҙа башлауы, көндәлектәрендә сағылған күҙәтеүсәнлеге, фекерләү кимәле, ҡуйған маҡсатына ныҡышмалы ынтылышы Рәмиҙе, моғайын, әҙәбиәткә барыбер алып килер ине. Ләкин әлеге шарттарға килеп юлыҡмаһа, рухи, ижади үҫеүе, бәлки, күпкә ҡатмарлыраҡ булыр ине. Был фараз итеү түгел, булған хәлдәр тураһында уйланыу. Мәктәп-интернат, Өфөләге тормош Рәми Ғариповтың ижади яҙмышына мәрхәмәтле, бәрәкәтле төйәк булһа, был төйәк нисәмә мең кешеләргә тормошта үҙ юлын табырға, Башҡортостан өсөн, ил һәм халыҡ өсөн маҡтаулы хеҙмәттәр күрһәткән шәхестәр булып үҫергә, милләттең таянысына әйләнергә ярҙам итте. Пушкиндың шиғырында әйтелгәнсә, «И пальцы просятся к перу, перо к бумаге, минута – и стихи свободно потекут» тигән илһамлы һәм илаһи сәғәттәрҙең татлы ғазабын Рәми Ғарипов иртә татый. Шулай ҙа Өфөләге яңы һабаҡташтары алдында бик тиҙ асылып бармай. Күптәр уның шиғыр яҙғанын белмәй. Икенсе йылына инде стенгазеталарҙа шиғырҙарын, мәҡәләләрен йышыраҡ баҫтыра башлай. Поэма, роман яҙыу тураһында бик ҙур пландар тыуып торһа ла, яҙыу туҡтауһыҙ дауам итһә лә, ысын табыштар әлегә юҡ тиерлек. Күберәк дөйөм һүҙҙәр, һуғыштан һуңғы осорға хас яңғырауыҡлы саҡырыуҙар... 1948 йылдың 12 февралендә – үҙенең тыуған көнөндә яҙылған шиғыр матур ғына башланып китә: Эй тыуған көн! Ниндәй ҡәҙерле ул! Шундай шатлыҡ йөрәк кисерә. Йылдар мине ун алтынан бөгөн Ун етегә инде күсерә!.. Аҙаҡта киләсәк тураһында һүҙ бара һәм шиғыр ошондай ҙур вәғәҙә-өмөттәр менән ослана: Ул сағында шаулы йәшлегемдең Бөйөк поэмаһы яҙылыр!.. Ун етеһенә аяҡ баҫҡан егеттең ижад юлында күрһәтергә самалаған ҡаһарманлыҡтары кәмендә бына шулайыраҡ! Шунан да ҡайтышыраҡ эштәр менән ул ваҡланып тормаясаҡ! Рәми менән мәктәптә бергә уҡыған иптәштәре лә, уҡытыусылары ла уның баҫалҡы холҡо, тырышлығы, артыҡ һүҙ һөйләп бармауы хаҡында әйтәләр. Ул ғүмере буйы шулай булып ҡалды. «Бөйөк поэма яҙыласаҡ!» тип һөйләү Рәмиҙең кешеләр белгән тәбиғәтенә хас түгел. Ләкин шиғриәт менән хыялланған егеттең күңелендә шундай дәрт-теләктәр ҡайнамаһа, йәшлек тә йәшлек булмаҫ ине. Бигерәк тә йәшлектең ун алты-ун ете йәштәге миҙгелендә кешенең бер аяғы ерҙә, икенсеһе йыһандарҙа. Бөйөклөк тураһындағы серҙәрен Рәми көндәлегенә генә һөйләй, шиғырҙарға, китаптарға буш ваҡытын, күберәген төнгө йоҡо сәғәттәрен бүлә. Иптәштәре, уҡытыусылары, тәрбиәселәре араһында иһә ул баштан-аяҡ мәктәп эштәренә сумған тырыш һәм инициативалы уҡыусы. «Балалыҡ уйындарын мөкиббән китеп уйнаған саҡтар ҙа булғыланы. Ләкин был уйындарҙа Рәмиҙең ҡатнашҡанын һис тә күрмәнем», – тип яҙа ошонда тәрбиәләнеп, артабан тау инженеры булып киткән Сафуан Фәхретдинов. «Миңә 1945-1950 йылдарҙа Өфөлә 9-сы башҡорт мәктәбендә 8-10 кластарҙа рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытырға тура килде», – тип хәтерләй профессор Мөсәллиә Хәйруллина. – Островскийҙың «Йәшен»ендәге Катерина, Чернышевскийҙың «Нимә эшләргә?»һендәге Рахметов, Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты»һындағы Корчагин образына яҙған иншаларын әле булһа хәтерләйем. Рәми Рахметов кеүек сынығырға тырышты. Рахметов тип йөрөттөләр». Рәмиҙең сынығырға тырышыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, быға бер ни тиклем булһа ла ентекләберәк туҡталып үтергә кәрәк. Ул бәләкәстән эштә сынығып, таҙа малай булып үҫә. Өфөгә килгәс, уҡыу менән бергә көслө, ныҡлы ихтыярлы кеше булыуҙы – оло маҡсаттарының береһе итеп ҡуя. Көн дә зарядка эшләй, иптәштәрен дә шуға өйрәтә. Был хаҡта Ирек Рәхимғоловтың иҫкә алғаны: «Рәми «Сынығыусылар отряды» ойошторҙо, отрядта егерме-егерме биш малай булғандыр. Ул ваҡытта «бег трусцой» тигән нәмәкәй тураһында ишеткән дә юҡ ине. Ә Рәми беҙҙе иртүк уята. Кеше аптыратып, Социалистик һәм Чернышевский урамдары буйлап йүгерә инек. Ҡайтҡас, көс гимнастикаһына күсәбеҙ. Гер, гантель, эспандер кеүек нәмәләр юҡ ине, әлбиттә. Шуға күрә ике карауатҡа тотоноп, мускулдарҙы үҫтерәбеҙ, шунан һуң тышта йыуынабыҙ. Ҡыш көнө Рәми менән «экстремистар» булып киттек: мин билгә тиклем ҡар менән йыуынам, ә Рәми билгә тиклем колонка аҫтында һыу менән йыуына. Беҙҙең тәндәрҙән пар күтәрелә ине. Ләкин был сынығыу оҙаҡҡа һуҙылманы, директор Юзефа Матвеевнаның бойороғо менән өҙөлдө. Директор беҙҙең сирләп китеүҙән ҡурҡты инде, ә беҙгә бер нәмә лә булманы, сөскөрмәнек тә хатта. Рәми әлеге бойороҡҡа буйһонманы: әҙерәк ҡолаҡтар сыҙарлыҡ көн булһа, ҡыш буйы бүрекһеҙ йөрөп сыҡты. Уның сәстәре ҡуйы, тулҡынланып тора ине». Ошондай режим менән йәшәү үҙе генә лә Рахметов исемен йөрөтөргә хоҡуҡ бирә һымаҡ. Ләкин Рәмиҙең сынығыр өсөн күнекмәләре, үҙенә-үҙе аяуһыҙ булыуы былар менән генә сикләнмәй. Ихтыяр көсөн һынар өсөн ул ҡайһы саҡта хатта ҡурҡыныс тәжрибәләр үткәреүгә лә бара. Бына шул уҡ Ирек Рәхимғолов шундай сәйер тәжрибәлә ҡатнаша биреп ҡала: «Уның сыҙамлы холҡон күрһәтеүсе йәнә бер ваҡиғаны иҫкә төшөргөм килә: интернат ризығына ауылдан килтерелгән бәрәңге-фәләнде ҡушып ебәреү өсөн ҡайһы бер бүлмәләрҙә электр плиткалары бар ине. «Бабай» бер мәлде ярма һәм бәрәңгенән аш бешерә. Үҙе тимер ҡалаҡты кәстрүлгә төшөргән дә шуны тотоп тик тора. Мине күргәс, ымлап саҡырҙы ла бер ни әйтмәй генә ҡалаҡты тотторҙо. Мин ҡулымды йәһәт кенә тартып алдым, сөнки уның аша сыҙай алмаҫлыҡ ток һуға ине. «Бабай» йылмайып, тағы ҡалаҡты сумдырып тотто ла, икенсе ҡулын миңә һуҙҙы. Ҡулын тоттом – тағы ла ток һуға: ҡулымды тарта һалып алдым. Ә ул шул килеш тороуын дауам итте. Ана шундай кеше ине беҙҙең Рәми!» Бындай «күнекмәләргә» тотоноу үҫмер саҡтарҙа йыш була торған максималлектең саманан сығып китеүе, кешенең үҙен-үҙе экстремаль хәлдә һынауы. Рәми Ғарипов һымаҡ маҡсаты өсөн барыһын фиҙа ҡылырға әҙер кешеләр, булмышы менән ҡаһарманлыҡҡа һәләтле шәхестәр генә быны булдыра ала. Бындай тәүәккәллектән бигерәк дыуамаллыҡтың кәрәклеге бик икеле. Ләкин был осраҡта ихтыяр көсөн, инаныуҙың ныҡлығын белеү мөһимерәк. Был күнекмәләрҙең, сынығыуҙарҙың, сатлама һыуыҡта саңғыла күлдәксән генә йөрөүҙәрҙең Рәми өсөн төп маҡсаты – үҙеңде мөҡәддәс бурыстарҙы атҡарып сығырлыҡ бөйөк хеҙмәттәргә әҙерләү, иңеңә тауҙай эштәрҙе һалғанда ла арыу-талыу белмәҫлек булып нығыныу, көс-ғәйрәт туплау. Уның маҡсаттары асыҡ, ғүмере көрәшеп үтәсәк. Бының өсөн әллә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңерлек булып үҫергә кәрәк. Ләкин күңелендә барған туҡтауһыҙ рухи эҙләнеүҙәр, зиһендең ҡомһоҙланып ғилем туплауы, йәш авторҙың көнө-төнө китапты ғына түгел, ҡәләмде лә ҡулынан төшөрмәүе уның физик сынығыуынан, аяуһыҙ спартанса режимынан күпкә көсөргәнешлерәк. Ҡайһы саҡта көндәлегенең әллә нисәмә биттәрен шиғыр менән тултырғанын ул үҙе лә һиҙмәй ҡала. Үҙе менән бергә башҡаларҙы ла әҙәбиәткә әйҙәй, тотош мәктәптә ижадҡа ихтирам тыуҙырыу тураһында хыялланып ҡына ҡалмай, шуға ирешеү өсөн саралар күрә башлай. Рәми Өфөлә икенсе йыл уҡып йөрөй. 1947 йылдың 24 октябрендә көндәлегенә былай тип яҙып ҡуя: «Эш тығыҙ. Стенгазеталарға мәҡәләләр, шиғырҙар яҙам... Былтырҙай бирле «нисек берәй ҡулъяҙма журнал сығарырға» тип йөрөйөм. Ләкин көс етмәне шул. Ниндәй ҙур эш булыр ине был. Юҡ, теләгемә ирешәсәкмен. Әле миндә, «бабай» булһам да, ҡайнап торған энергия, ялҡынланып торған дәрт бар! Быны мин ныҡ һиҙәм. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ниңә сыҡмай? Әллә беҙҙең арала талант эйәләре юҡмы? Бит бөйөк Пушкиндар ҙа лицейҙа уҡыған ваҡыттарында үҙҙәренең ҡулъяҙма журналдарын сығарғандар... Эйе, беҙ ҙә сығарасаҡбыҙ! Ә исеме нисек булыр һуң уның? Исем әҙер ине инде – «Сигнал!» Ниндәй матур исем! Бөтә нәмә тураһында сигнал биреп торасаҡ ул!» Журналға Рәми «Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклем башҡорт халҡының үҙ яҙмаһы юҡ ине» тип башланған беренсе мәҡәләне әҙерләй, байрам алдынан «Сигнал»ды эшләп бөтә. Редакторы ла, яҙыусы авторы ла, рәссамы – үҙе. Шулай итеп, мәктәптә ҡулъяҙма журнал сығарыу традицияһын башлап ебәрә, бер нисә һанын сығарыуҙа төп эштәрҙе үҙе башҡара, башҡаларҙы ла ылыҡтыра. Уҡыусылар араһында шиғыр яҙыусылар күбәйә, Рифғәт Алғушаев, Хәниф Сафаров һымаҡ һәләтлеләре лә күренә. Ғөмүмән, әҙәбиәтте яратыу, китаптар тураһында фекерләшеү, уҡыусылар конференциялары үткәреү бындағы тормоштоң матур йолаларының береһенә әйләнә. «Шағир кем ул?» тигән темаға бәхәстәр ҡуба. Үҙҙәренең яҙғандарын да ҡайһы саҡта ныҡ ҡына тәнҡитләп ташлайҙар. Төрлөһө төрлө яҡтан килгән малайҙар һәр береһе үҙенең һөйләшен яҡлай, башҡаларҙың теленән йә «ҫарыҡ» тип, йә «жәй», йә «инте» тип, көлөргә тырышалар. Бында ла иң хәл иткес һүҙҙе Рәми Ғарипов әйтеп, бәхәсте төплө итеп йомғаҡлап ҡуя. «Ҡыҫҡаһы шул: бер ниндәй ҙә өҫтөн, бөйөк тел юҡ. Беҙгә бары тик барыбыҙға ла уртаҡ һәм саф башҡорт теле – ул әҙәби тел». Ләкин әҙәби тел нормаларына ҡарата Рәмиҙең үҙ ҡарашы. Мәҫәлән, «ирк», «халҡ», «бүрк» тип яҙыу менән һис килешә алмай, «халыҡ» формаһын, телдең тәбиғәтенә ярашлы яҙылышты яҡлай. Әҙәби телдең артабанғы камиллашыуы уның хаҡлы булыуын раҫлаясаҡ. Рәми Ғариповтың 1950 йылдың 19 ғинуарындағы көндәлек яҙмаларынан күренеүенсә, ул саҡта уҡыу йорто «Сәйфи Ҡудаш исемендәге 9-сы мәктәп» тип аталған, бер ваҡыт шағир исеме менән атап йөрөтөлгән. Эш улай исемләнеүҙә генә түгел. Яҙыусылар менән осрашыуҙар бында даими үткәрелеп тора. Беренсе уҡыу йылында уҡ 4 ноябрҙә Рәми бик ныҡ тулҡынланып: «Бөгөн йыйылыш була. Башҡортостан совет яҙыусылары менән осрашасаҡбыҙ! Быны мин йөрәгем менән ашҡынып көттөм. Күҙ алдына улар әллә нисек килеп баҫалар» тигән һүҙҙәрҙе яҙған. Шуны түҙемһеҙләнеп көткәнгә ауылға байрамға ҡайтып китеүен һуңғы поезға кисектергән. Осрашыу уға бик оҡшай, сығыш яһаған Сәғит Агиш менән Әкрәм Вәлиҙең портреттарын да тасуирлай. «Хушлашҡанда беҙ уларҙың гел шулай килеп йөрөүҙәрен һораныҡ», – ти. Яҙыусыларҙы бында көтөп алалар, улар үҙҙәре лә бик теләп килә. Нимә генә тиһәң дә, баш ҡалала башҡорт телендә кинәнеп һөйләшерлек, туған телдә һине аңлаған уҡыусыларыңа шиғырҙар, хикәйәләр уҡырлыҡ берҙән-бер мәктәп бит был. Осрашыуҙар ҡайһы саҡта көн һайын була. Танылған артистар ҙа йыш булалар. 1947 йылдың 27 ғинуарында дәрестәрҙән һуң Рәми «Салауат Юлаев» романын уҡый башлай, 4 февралдә уҡып бөтөрә. 9 июлдә романдың авторы Степан Злобин менән осрашыу була, китаптың яҙылыу тарихы тураһында әҙип бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләй. Бындай аралашыуҙар йәш авторға ижад серҙәрен аңлай башлау өсөн тәүге дәрестәр була. Ләкин еңел генә асылмай шул ижад серҙәре. Һуғыштан ҡайтып, Башҡорт педагогия институтында уҡып йөрөгән, тәүге китабын ҡулға алған Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол 9-сы мәктәптә педпрактика үткәндә генә түгел, былай ҙа айырыуса йыш була, яҙышыусы малайҙарҙың барыһын да яҡындан белә. Шиғыр яҙғанын башта класташтарына ла күрһәтеп бармаған Рәми хәҙер инде ҡулъяҙмаларын шағир ағайҙарға ла күрһәтергә баҙнат итә. Уҡып сыҡҡандан һуң Хәким Ғиләжев уға байтаҡ кәңәштәр бирә. Рәми уның йәшәгән фатирында ла була. Хатта танылған шағирҙар рәтендә трибунаға күтәрелә. Мәктәптә яңы йыл байрамында йыйылған халыҡты, шулар араһында әллә күпме ҙур-ҙур ҡунаҡтарҙы 1948 йылдың 3 ғинуарында Ҡадир Даян, Сәләх Кулибайҙан һуң «Ҡотлау» шиғырын уҡып тәбрикләүе Рәми Ғариповтың, бәлки, беренсе сығыштарынан булғандыр. «Башта ҡаушармын тип уйлағайным. Ләкин сәхнәгә менгәс үк көлөп ебәрҙем һәм ҡысҡырып уҡый башланым», – ти ул. Көндәлектә һаҡланған был телмәрҙе шиғыр тип әйтеүе ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа был шиғри формалағы яҙмалар йылдан-йыл күбәйә бара, әҙәбиәт Рәмиҙе нығыраҡ арбай, үҙенең тылсымлы донъяһына айырылмаҫлыҡ итеп убып ала. Уның яҙыусылар менән аралашыуы ла мәктәптәге осрашыуҙар менән генә сикләнеп ҡалмай. Әҙәби мөхиткә ул ҡыйыуыраҡ үтеп инергә тырыша. Өфөләге шарттар, йәштәргә иғтибар үҙе үк ошоға дәртләндереп торҙо. Мәҫәлән, һигеҙенселә уҡып йөрөгәндә үк Рәми 1948 йылдың 29-30 ноябрендә Пионерҙар йортонда йәш яҙыусыларҙың конференцияһында була. Былтыр бында уны авиамодель түңәрәге үҙенә тартты, ә быйыл бына ижади һөйләшеүгә килде. Әлегә уның ҡулъяҙмалар тикшерелмәй, әлбиттә. Нәжип Иҙелбай, Камал Хәбиб, Вәли Нафиҡов һ.б. исемдәре телгә алына, Әхнәф Харис, Ғилемдар Рамазанов, Ғабдулла Әхмәтшин һ.б. сығыш яһай. Сәйфи Ҡудаш башлап яҙыусыларҙың гел генә шиғыр яҙыуҙары, башҡорт әҙәбиәтендә проза менән драматургияның артта ҡалыуы, һаман да романдар юҡлығы тураһында һөйләй. Бында Рәми үҙенә таныш булған Сәғит Агишты, Әхнәф Кирәйҙе, Назар Нәжмиҙе, Хәким Ғиләжевте, элек 9-сы мәктәптә Рәмиҙәр килгәндә унынсы класта уҡып йөрөгән, әле пединститут студенты Ғайса Хөсәйеновты осрата. Фекер алышыуҙарҙы тыңлап ултырыуы – үҙе ҙур һабаҡ, күп нәмәләрҙе аңларға ярҙам итә. Йыйылыштан Рәми көс алып, илһамланып-дәртләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикала йәш әҙәби көстәрҙе үҫтереүгә ҙур ғына иғтибар бирелде, даими эш алып барылды. 1937 йылғы сәйәси золом башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналары булған Дауыт Юлтыйҙың, Афзал Таһировтың, Төхфәт Йәнәбиҙең, Булат Ишемғолдоң, Ғабдулла Амантайҙың, Имай Насыриҙың, Ғөбәй Дәүләтшиндың һ. б. башҡорт зыялыларының аҫыл ғүмерҙәрен өҙҙө. Ҡырҡынсы йылдарҙа һуңғы тамсы көсөн биреп, аслы-туҡлы көйөнсә төнгө ҡарауылда эшләгәнендә яҙып бөтөргән «Ырғыҙ» романын сумкаһына һалып, Яҙыусылар союзы тупһаһын нисәмә ҡат тапаған, сибәр йөҙөндә, матур ҡарашында инде өмөтө һүнеп барған Һәҙиә Дәүләтшинаны, бәлки, Рәми ҙә осратҡандыр. Ләкин йәштәр был изге йәнде нисек кенә таный алһын инде?! Әгәр таныр-аңлар хәлдә булһа, Рәми был апайҙың янынан китмәҫ ине, ауыр сумкаһын – ҡәҙерле ҡулъяҙманы үҙе тотоп, бөйөк шәхес менән бергә хаҡлыҡ һәм яҡлау эҙләп йөрөр ине. Бәлки, Һәҙиә Дәүләтшина: «Ярар, Рәми ҡустым, минең эшем менән йөрөп, ваҡытыңды әрәм итмә. Шиғырҙарыңды яҙ. Тик һиңә минеке һымаҡ яҙмыш килә күрмәһен», – тип әйтер ине. Ул саҡтарҙа йәш шағир быларҙы ҡайҙан аңлаһын да, йылдар үткәс үҙе лә яҙғандарын баҫтыра алмайынса хаҡлыҡ юллап күпме тупһаларҙы тапарын алдан нисек кенә белә алһын? Башҡорт әҙәбиәтенең 30-сы йылдарҙағы ҡанлы золом ваҡытындағы юғалтыуҙарын шул заманда уҡ тормош тәжрибәһе туплаған, тәүге романдарыбыҙҙы яратып уҡыған уҡыусыларҙың да күбеһе «ғәҙел хөкөм» тигән ялғанды ысын тип аңларға күнегер дәрәжәгә еткерелгәйне. Ә инде даһи нимә әйтһә, шуға ышанып үҫкән, күҙҙәре әле асылып та бөтмәгән йәш быуын өсөн, яңы уҡыусылар өсөн был рухи хазина бик дәһшәтле тыйыу-ҡурҡытыуҙар менән бикләп ҡуйылған. Шулай ҙа һәр саҡ ваҡиғаларҙың асылын аңларға тырышҡан Рәми Ғарипов бында ла тыйыуҙар алдында ҡаушап ҡалмай, 30-сы йылдар хаҡында ишетеп түгел, үҙе уҡып белергә тырыша! Нисек тә тиҙерәк асырға ине ижад серҙәрен!.. 1947 йылдың 2 мартында көндәлегенә ул былай тип яҙа: «Китапханаға йөрөп, «Октябрь» журналының иң башлап сыға башлаған (1930) номерҙарын алып уҡып киләм. Был журналдарҙа колхоз ойошторолған дәүерҙә сыҡҡан ҡаршылыҡтар (кулактар) тураһында яҙылған. Билгеле, бында башҡорт әҙәбиәтенә осраҡлы рәүештә урынлашып алған халыҡ дошмандары, аҙаҡтан синфи йөҙҙәре асылған кешеләрҙең «әҫәрҙәре» күп урын алғандар. Хатта былар беҙҙең өсөн тыйылалар ҙа. Ләкин миңә белергә, тикшерергә, өйрәнергә кәрәк. Бындағы нәмәләргә мин үткер тәнҡит күҙлеге аша ҡарарға кәрәк икәнлеген аңлай инем. Тәнҡит мәҡәләләрен дә ҡыҙыҡһынып ҡарап үтәм. Хатта ерәндергес нәмәләр ҙә күренә. Үҙҙәрен пролетариат яҙыусылары тип һәм уларҙы күккә күтәреүсе яһалма «тәнҡитселәр» ҙә табылған! Бер мәҡәләлә бер «шиғыр»ҙы маҡтап, тәнҡитсе уны Пушкиндың «Евгений Онегин»ына алыштыра алмайым», ти. Пушкинға, бөйөк рус шағирына, һүҙ күтәрәләр! Мин был «яҙма»ларҙы уҡып сығам да нисек былар үткәрелгәндәр һәм баҫылғандар икән тип уйға ҡалам. Нисек инде шиғырҙар «шиғырҙарҙан», шағирҙар «шағир»ҙарҙан айырыла алмағандар! Бәй, нисек айырылһындар? Уларҙы «айырыу»сылар шул уҡ бүре булып, шул уҡ һарыҡ тиреһе ябынғандар һәм бер үк сыбыҡтан ҡыуылғандар! Шулар менән бергә бында яҡшы, бик яратып уҡырлыҡ яҙыусылар – М. Ғафури, С. Ҡудаш, С. Агиш һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре бар. Был журналдың һәр йылғы номерҙарын уҡып сығырға ҡарар иттем». Был өҙөктө бүлгеләп килтереп булмай, бындағы һәр юл йәш кешенең эҙләнеүҙәрен, үҙ быуынына хас инаныуҙарын бик үҙенсәлекле аса. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Рәми утыҙынсы йылдар тәнҡитендәге вульгар социологизм ауырыуын, әҫәрҙәрҙе баһалауҙағы тар ҡарашты, әҙәби мираҫты нигилистик инҡар итеүҙе бик һиҙгер тоя. Шул уҡ ваҡытта «халыҡ дошмандары» тип ҡара мөһөр һуғылған яҙыусыларға ҡарата ни тиклем нәфрәт. Уларҙың дошман икәнлегенә күңелендә бер ниндәй шик-шөбһә юҡ. «Октябрь» журналын уҡығанда Рәми Сәйфи Ҡудаштың Шәйехзада Бабич тураһындағы 1930 йылдың өсөнсө һанында баҫылған мәҡәләһен дә, моғайын, урап үтмәгәндер, ундағы хата баһаларҙы шулай уҡ икеләнмәй ҡабул иткәндер. Әлегә уның башҡаса аңлауын талап итеүе лә мөмкин түгел. Ләкин бер нисә йылдан һуң был журналдың һуғышҡа тиклемге һандарына Рәми яңынан әйләнеп ҡайтасаҡ, күп нәмәләр тураһында башҡаса уйланасаҡ. Был хаҡта алда һүҙ булыр. Хәҙер һуғыштан һуңғы осорҙа йәш көстәргә иғтибарҙың артыуы хаҡындағы һүҙҙе дауам итәйек. Был йылдарҙа йәш яҙыусыларҙың республика кәңәшмәләре даими үткәрелеп килде, йәштәрҙең әҫәрҙәре «Йәш көстәр» альманахына тупланып, йыл һайын булмаһа ла, донъя күрә торғайны. 1951 йылдан «Ленинсы» газетаһы, «Пионер» журналы – һуғыш ваҡытында туҡтап торған йәштәр һәм балалар өсөн баҫмалар яңынан сыға башланы. Бөйөк Ватан һуғышында башҡа милли әҙәбиәттәр һымаҡ башҡорт әҙәбиәте лә ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Али Карнай, Сәғит Мифтахов, Мәлих Харис, Мөхәмәтйәров Хәй, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай һәм башҡа тағы ла байтаҡ яҙыусылар яу яландарында һәләк булды. Утыҙынсы йылдар аҙағында үҙенең иң оло остаздарын юғалтҡан, бөтөнләй тиерлек ҡанһыраған башҡорт әҙәбиәтенең сафтары һуғыш йылдарында тағы ла нығыраҡ һирәгәйҙе. Шуға ла йәш көстәр тураһындағы хәстәрлектең дәүләт кимәлендәге мөһим мәсьәләгә әйләнеүе бер ҙә ғәжәп түгел. 1947 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған йәш яҙыусыларҙың беренсе Бөтә союз кәңәшмәһе ил күләмендәге ҙур ваҡиғаға әйләнде. Шул ижади йыйында Мостай Кәрим шиғырҙарының үҙәктә булыуы, юғары баһаланыуы, рус теленә тәржемә ителеп, үҙәк матбуғатта баҫылыуы ил алдында башҡорт әҙәбиәтенең бәҫен арттырҙы. Утыҙынсы йылдарҙа репрессия ҡорбаны булған яҙыусыларҙың үҙҙәре генә түгел, ижадтары ла ғәҙелһеҙлеккә дусар ителде: әҫәрҙәре тыйылды, әҙәби мираҫтан бөтөнләй алып ташланды. Әйтерһең, улар булмаған, тәүге башҡорт романдары яҙылмаған. Яуҙа ятып ҡалған яҙыусыларҙың, исмаһам, ижадтарының яҙмышы үҙҙәренән бәхетлерәк булды. Уларҙың байтағының әҫәрҙәре дәреслектәргә инде, яңы быуын уҡыусыларының күңеленә күсте. Яугир яҙыусыларҙы юғалтыу улар ҡалдырған мираҫты юғалтыуға килтермәне, башҡорт әҙәбиәтенең үҫешендә, бәхеткә күрә, яңы бушлыҡ, залим тарафынан көсләп яһалған өҙөклөк хасил булманы. Яңы ижади быуындарҙың камил үҫеше өсөн иһә уҙған менән бөгөнгө араһындағы эҙмә-эҙлекле бәйләнештең һаҡланыуы айырыуса мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәми Ғариповтар ижад донъяһына ынтылғанда, уларҙың әҙәби зауыҡтары, эстетик ҡараштары һәм тәрбиәләүҙә шул дәүерҙең сикләнгән доктриналары үҙенең кире йоғонтоһон яһамай ҡалманы. «Сигнал»ға яҙған тәүге мәҡәләнең «Бөйөк Октябрь социалистик революцияға тиклем башҡорт халҡының үҙ яҙмаһы юҡ ине» тигән һөйләм менән башланып китеүе ул осор өсөн һис бер бәхәскә урын ҡалдырмай торған инҡар иткеһеҙ ҡәтғи раҫлау ине. Революцияға тиклем ижад ителгән күпме хазиналар яңы заман уҡыусылары өсөн бикле булып ҡалды. Әгәр йәш ижади көстәр уларҙы уҡып үҫһәләр, әҙәбиәттең офоҡтары ла, һис шикһеҙ, киңерәк, традициялар байыраҡ, новаторлыҡ эҙләнеүҙәренә мөмкинлектәр күберәк булыр ине. Бының шулай булмауына ул йылдарҙа әҙәби остаздар булған шағирҙар менән яҙыусылар ҙа, бигерәк тә уларҙың шәкерттәре, һис кенә лә ғәйепле түгел. Ололар яңы алмаш тураһында нисек тә хәстәрлек күрергә, күҙгә күренгән йәштәргә мәктәптә уҡыған саҡтарынан уҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты. Һабаҡтар һәм маяҡтар Сәғит Агиштың 9-сы мәктәптә уҡыған ҡыҙы Лена 1948 йылдың 15 ғинуарында Рәмигә ошондай яҙыу бирҙе: «Ғарипов Р. иптәш! Башҡортостан Совет яҙыусылары Союзы Правлениеһы 15 ғинуарҙа киске 7 сәғәттә радиокомитет залында яҙыусыларҙың дөйөм йыйылышын үткәрә. КӨН ТӘРТИБЕНДӘ «Әҙәби тәнҡиттең торошо тураһында» (докладсы – Ж. ЛОҠМАН). Һеҙҙең күрһәтелгән ваҡытта килеүегеҙ һорала. БСЯС правлениеһе». Машинкала үҙенә исемләп баҫылған был саҡырыуҙы уҡығас, Рәмиҙең шатлығы эсенә һыйманы. Йыйылыш йәнле үтте, күп яҙыусылар сығыш яһаны. Тәнҡит һүҙҙәре лә байтаҡ әйтелде. Һәр хәлдә, унда булыу, ҡыҙыҡлы фекер алышыуҙарҙы тыңлау шиғыр тип янып йөрөгән мәктәп уҡыусыһын әҙәбиәт донъяһына тағы ла нығыраҡ тартты. Был йыйылыштан ҡайтып бер көн үтеүгә Рәмигә тағы ла хат килтереп тотторалар. Был хат та машинкала баҫылған. Унда былай тип яҙылған: «Ҡәҙерле Рәми! Һеҙҙең хатығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт! Һеҙ ҡуйған мәсьәләләр тураһында һөйләшеү өсөн Башрадиокомитетҡа инеп сығыуығыҙҙы һорайым. Сәғәт 3-6 араһында инһәгеҙ яҡшы булыр ине. Сәләм менән Ә. Ихсан. 16 ғинуар». «Ҡәҙерле Рәми» тигән һүҙҙәргә, етмәһә, «Һеҙ» тип өндәшеүҙәренә нисек ғәжәпләнмәҫһең дә, нисек ҡыуанмаҫһың! Ошондай уҡ саҡырыуҙы Рифғәт Алғушаев та алған икән. Баҡһаң, улар икеһе лә бер-береһе менән һөйләшмәйенсә, радиокомитетҡа 14 ғинуарҙа шиғыр ебәргәндәр. 16 ғинуарҙа Әхтәм Ихсан уларҙың икеһенә лә яуап хаты һалып та өлгөргән, 17-дә ул яуаптар йәш авторҙарға барып та еткән. Бер яҡтан, ул саҡтағы элемтә хеҙмәткәрҙәренең өлгөрлөгө хайран итһә, икенсенән, хатта өйрәнсек шағирҙарға ла шул тиклем иғтибарлы булыу, шиғырҙарын алыу менән үк үҙҙәрен саҡырып, хат яҙыу күңелдә оло ихтирам тойғоһо тыуҙыра. Бөгөнгө илтифатһыҙлыҡ заманында бындай кеселекле мөнәсәбәт, шулай уҡ почтаның шулай тиҙ йөрөүе күптәр өсөн сәйер күренергә мөмкин. Радиоға Рәми «Ҡыш бабай һүҙҙәре» тигән шиғыр менән бергә ҡайһы бер уйланыуҙарын да яҙып ебәргән булырға тейеш. Юҡһа Әхтәм Ихсан саҡырыуында «Һеҙ ҡуйған мәсьәләләр тураһында һөйләшеү өсөн» тимәҫ ине. Ғөмүмән, Рәми Ғариповтың мәктәп йылдарындағы ижади эҙләнеүҙәре, әҙәби тәжрибә-күнекмәләре сәсмә һәм шиғри формаларҙа аралашып бара. Яҙмалар йылдан-йыл күләмлерәк, уйланыуҙар ҙа һәлмәгерәк. Радиокомитетҡа ашҡынып барып ингән ике һабаҡташ Әхтәм Ихсанды осрата алмай. Ул яңы ғына Мәскәүгә китеп барған икән. Ҡайтҡанда Рәми Рифғәткә былтыр 16 майҙа Сәйфи Ҡудаш ижадына арналған радиотапшырыуҙа үҙенең «Сәләм һиңә!» тигән шиғырын уҡыуын, шағирҙы «Кешеләр рухының инженеры» тип ҡотлауын, иптәштәренең: «Һай-һай, бабай, нәҡ ысын шағир кеүек уҡының», «Эй тауышың ҡалын ине», – тип шатланғандарын һөйләп ала. Эйе, Рәмиҙәр класында байтаҡ уҡыусылар шиғыр яҙа. Хатта мәктәптә үҙебеҙҙең союзды ойошторорлоҡ тип тә ҡуялар. Ә тотош мәктәп буйынса яҙышыусылар тағы ла күберәк. Улар араһында Хәйбулла районынан килгән Рифғәт Алғушаев иң һәләтлеләренән. Улар Рәми менән әҙәбиәт тураһында йыш һөйләшәләр, түңәрәктең төп эштәрен бергә алып баралар. Байтаҡ шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы күреп беләләр, Яҙыусылар союзында был икәүгә, тағы ла ошо уҡ мәктәптән Хәниф Сафаровҡа ла киләсәктәге өмөтлө йәш көстәр тип ҡарайҙар. Ләкин улар әлегә ныҡлап асылып китә алмайҙар. Ҡабатланған штамптарға килеп юлығалар, тапалған темаларҙан ары уҙмайҙар. Мәҫәлән, «Сигнал» ҡулъяҙма журналының өсөнсө һаны (1948) Лениндың үлгән көнөнә арнап әҙерләнә. Рәми журналға инәсәк шиғырҙарҙы һанап сыға: «Ленин» тигән һәм «Ленин һүҙе» тигән шиғырҙарҙы әҙерләнем. Алғушаев «Һин үлмәнең, даһи», Марат «Ильич беҙҙең менән», Рауил «Ильич йәшәй», Ҡолой «Ленин», Сәғит «Ленин байрағы», Миңнулла «21 ғинуар» шиғырҙарын бирҙе». Был миҫалдарҙа башлап яҙыусыларҙың тәжрибәһеҙлеге генә түгел, шул осорҙағы башҡорт шиғриәтенең дөйөм торошоноң көслө йоғонтоһо ла, тотош заман рухы ла сағыла. Фашизм менән алышта Рейхстагҡа Еңеү байрағы ҡаҙап, бөтә донъяны хайран ҡалдырыу совет кешеләренең күңелендә ғорурлыҡ тойғоларын ныҡ үҫтерҙе. Еңеүселәргә дан йырлау, патриотизм, киләсәктәге яҡты тормошҡа ныҡлы ышаныс әҙәбиәттең төп сифатына әйләнде. Тормоштағы үҙгәрештәр хаҡында иң тәүге һүҙҙе әйтеүсе шиғриәттә был пафос бигерәк тә көслө булды. Илгә ҡот осҡос утлы ғәрәсәт булып ябырылған дәһшәтле һуғыш барғанда, кешеләрҙе яуҙа ҡаһарманлыҡҡа, тылда фиҙаҡәр хеҙмәткә рухландырыу әҙәбиәттең изге бурысы ине. Башҡорт шиғриәте замандаштарға тапҡыр орандар менән мөрәжәғәт итте, ил яҙмышына үлемесле ҡурҡыныс янаған хәл иткес көндәрҙә иң үткер саралар, иң тапҡыр һүҙҙәр эҙләп, халыҡ ижады традицияларын, айырыуса ҡобайыр, шиғри хат, йыр традицияларын ҡулланды. Рәшит Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, фашисты», «Һинең кәләшеңдең хаттары», Мостай Кәримдең фронт лирикаһы, «Башҡорт халҡына яуап хаты», «Үлмәҫбай» поэмаһы һуғыш йылдарындағы башҡорт шиғриәтенең иң юғары ҡаҙаныштарын билдәләне. «Батырҙар тураһында эпос» йыйынтығының баҫылып сығыуы башҡорттағы боронғо ҡаһарманлыҡ дастанының сая рухын терелтте. Күпселек әҫәрҙәр героиканы, тоғролоҡто үҙәккә ҡуйҙы. Мостай Кәримдең һуғыштың һуңғы йылында яҙылған һәм «Таш өҫтөндәге гөлдәр» тигән китабына исем биргән, хәҙер инде классик әҫәрҙәр хазинаһына ингән шиғыры ошондай юлдар менән тамамлана: Әгәр уттар үткән минең йөрәк Мөмкин икән ташҡа әйләнеү, Һиңә булған мөхәббәтем минең – Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме. Ташта үҫкән гөлдәр хуш еҫле лә, сәнскәкле лә булды. Һуғыш йылдары шиғриәтендә ҡырыҫ ҡәтғи фармандар менән үҙәк өҙгөс һағыш, ҡайғы менән шатлыҡ бергә үрелде. Ләкин һуғыштан һуңғы ун йыллыҡта башҡорт шиғриәтендә еңеүҙәр менән хаҡлы ғорурланыу тойғоһон тыныслыҡ тураһындағы дөрөҫ, әммә декларатив раҫлауҙар ҡыҫырыҡланы. Риторика бик ныҡ көсәйгән был дәүерҙә лирика йыш ҡына күләгәлә ҡалды. Һәр шиғри йыйынтыҡты тиерлек даһиҙы, партияны данлаусы шиғырҙар менән асыу үҙенсә традицияға, яҙылмаған ҡағиҙәгә әйләнде. Ысын лирик шиғырҙар, бигерәк тә һөйөү хаҡындағылары һуңыраҡ бирелде. Тормоштоң асылы, йәшәү менән үлем тураһындағы образлы фәлсәфәне, кеше күңелендәге ҡатмарлы көрәш, хаталар менән үкенеүҙәр хаҡындағы уйланыуҙарҙы тәнҡит һағайып ҡаршыланы, ғәҙәттә, хуплап барманы. Шуға күрә күптәр был темаларға ҡағылмауҙы уңайыраҡ күрҙе. Нәҡ ошо осорҙа байтаҡ әҫәрҙәрҙә тормошто ҡаршылыҡһыҙ ғына һүрәтләү ижади офоҡтарҙы ныҡ тарайтты, уй-кисерештәрҙе ярлыландырҙы. Бындай күңелһеҙ хәлдәр хатта оло таланттарҙың яҙмышын да урап үтмәне. Мәҫәлән, һуғыш йылдарында яҙылған әҫәрҙәрен Рәшит Ниғмәтиҙең ижади үҫеш юлындағы иң юғары бейеклектәр тип һис бер икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин. Әммә артабан шағир был бейеклектә нығына алманы. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡат-ҡат эшләнгән «Большевик» поэмаһын һуғыш йылдарында ҡойоп ҡуйған әҫәрҙәр ижад иткән шағир ҡулы яҙған тип һис кенә лә уйламаҫһың. Большевиктар партияһының тарихындағы ҡайһы бер урындарҙы рифмалар һөйләп сығыу, шул арҡала тыуған иллюстративлыҡ, Сталинды данлау, риторика ташҡынында образлылыҡҡа бөтөнләй тиерлек урын ҡалмау талантлы шағирҙы уңышһыҙлыҡҡа килтерҙе. Шағирҙың ошондай тырышлыҡтары ла сәйәси һиҙгерлектең үрнәге булған тәнҡитте ҡәнәғәтләндермәне. Ижтимағи ҡараштарҙағы ҡалып – нормаларҙы тоғро һаҡлаусылар был әҫәрҙе уҡығас та үҙҙәренең ризаһыҙлығын уяу белдерҙе. 1947 йылдың октябрендә «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһында Г. Вахитов, М. Дәүкәев тигән кешеләрҙең «Рәшит Ниғмәтиҙең «Большевик» поэмаһы тураһында» тигән мәҡәләһе, «Красная Башкирия»ла «Ошибка тов. Нигмати и других», «Октябрь» журналында «Р. Ниғмәтиҙең «Большевик» поэмаһы тураһында» тигән редакцион сығыштар баҫылды. «Красная Башкирия»ла шағирға ташланған ғәйеп бына ниндәй һүҙҙәр менән башлана: «Р. Нигмати в своей поэме развернул антинаучную концепцию о коммунизме,..» Бында шағир ҙа, Яҙыусылар союзының партия ойошмаһы ла сәйәси һуҡырлыҡта ғәйепләнә, Әхнәф Харисовтың поэманы тикшергәндә: «Шағир хаталанырға ла мөмкин», – тигән һүҙҙәре «туранан-тура аполитизмға саҡырыу» тип тамғалана. Поэмалағы коммунизмға еткән саҡта: «Беҙҙең быуын ул саҡ киткән булыр, ергә килер яңы быуындар», – тигән һүҙҙәр был мәҡәләләрҙең барыһында ла айырыуса ҡаты тәнҡитләнә. Шул заманда йәшәгән быуындар, йәғни шағирҙың замандаштары күрәсәк коммунизмды автор танырға теләмәй, йәнәһе, шуның өсөн ул ялған концепция тыуҙырыуҙа ғәйепләнә. Шағирға өйөлгән нахаҡ ғәйептәр был мәҡәләләрҙә әллә ни тиклем. Хәҙерге йәш быуынға шул замандағы нахаҡ ғәйепләүҙәрҙең, асылда хәтәр сәйәси хөкөмдөң стиле нығыраҡ аңлашылһын өсөн ғәйепләүҙең бер өлөшөн тулыраҡ килтереп үтәм: «Поэмала иптәш Сталинды, уны үҙенең бөтә бөйөклөгө менән күҙ алдына килтереп баҫтырыу бурысын да Рәшит Ниғмәти тейешенсә үтәй алмаған. Бөйөк Сталин фигураһы нисектер ситтән генә күҙгә салынып ҡала. Иптәш Сталиндың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә совет халҡын рухландырып, уларҙы ойоштороп, дошманды тар-мар итеүҙә туранан-тура һуғыш фронттарында юлбашсылыҡ итеү роле бөтөнләй күрһәтелмәгән. Был момент поэманың һәм авторҙың ғәфү ителмәгән етешһеҙлеге булып тора...» Әҫәргә бына шундай ҡара мөһөр баҫыла. Даһиҙың исеменә бәйле сәйәси хата эшләгәндә кешене, бигерәк тә әҙип халҡын, ниндәй язалар көткәнлеген шул ваҡытта йәшәгәндәр яҡшы белгән, әлбиттә. Шағирға ул заманда баш китерлек ғәйеп ташлана. Ошондай сәйәси күҫәк менән башыңа тондорғандан һуң яңынан иҫеңә килеп ҡара ла яңынан ижадҡа тотоноп алып кит... «Большевик» поэмаһы баҫылғандан һуң ҡупҡан ығы-зығыны, хаҡһыҙ һүҙҙәрҙе күтәреү өсөн, артабан да ҡулдан ҡәләмде төшөрмәҫ өсөн Рәшит Ниғмәтигә ни тиклем рухи ныҡлыҡ кәрәк булған. Ә хәҙер һуғыштан һуңғы йылдарҙа күпләп баҫылған шалтырауыҡ шиғырҙарҙың, бер-бер артлы донъя күреп торған береһенән-береһе оҙон поэмаларҙың йоғонтоһонда үҫкән йәш авторҙарҙың әҙәби зауыҡтарын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Һуғыш осоронда халыҡ шиғри юлдарын ҡулдан ҡулға күсереп йөрөткән, һүҙҙәре ғашиҡтарҙың хаттарында урын алған Рәшит Ниғмәти һуғыштан һуң буш риторика ауырыуынан ҡотола алмаған икән, һәр осорҙа ла була торған талантһыҙҙарҙың әҫәрҙәре хаҡында нимә әйтәһең? Ә декларативлыҡ сәскә атҡан дәүер ундай мөтәшағирҙарҙың үрсеүе өсөн бигерәк тә ҡулайлы. Әлбиттә, шиғриәт бер ваҡытта ла төҫһөҙ ағымдан ғына тормай. Кинәнеп уҡырлыҡ шиғри ынйылар, һирәкләп булһа ла, һуғыштан һуң да тыуған. Улар дөйөм һоролоҡ араһында күмелеп ҡалмаһа ла, тәжрибәһеҙ үҫмерҙәрҙең күҙенә, бәлки, бик үк салынып та бармағандыр. Уның ҡарауы рифмаланған яңғырауыҡлы фразалар матбуғатта ла йыш баҫылды, радионан көн дә тиерлек ишетелде. Йәштәрҙең күҙе, ҡолағы шуларға тиҙ күнегә, шул ҡалыптарҙы хатта үҙенсә үрнәк һымаҡ күрә башлай. Өҫтәүенә тәнҡитселәр Сталинды ана нисек маҡтарға ҡуша, коммунизмдың иртәгә булырын раҫламаһаң, һине сәйәси һуҡырлыҡта ғәйепләргә әҙер генә торалар. Ижтимағи тормоштағы ошондай ҡаршылыҡтар йәш шағирҙарҙың ижади үҫешен ныҡ тотҡарлай, уларҙың эстетик зауыҡтарын боҙа, маяҡтарын бутай, ҡараштарын сикләй. Рәми Ғариповтың бер дәфтәрҙе тултырып, ауылда саҡта яҙған «Кескәй партизандар» тигән иң тәүге тәжрибәләренең береһе һаҡланған. Жанры баллада тип билдәләнгән, яҙылыу датаһы – 12 апрель, 1946 йыл, авторы – Г. Рамил – былары дәфтәрҙә теркәлгән белешмәләр. Ҡайҙа ғына барһа ла, Рәми шиғырҙарын һәм көндәлектәрен үҙе менән йөрөтә, уларға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайта. 1948 йылдың 23 ғинуарында ла шулай була. «Үҙемдең яҙмаларҙы аҡтара башланым... Бына «Кескәй партизандар». Ниндәй яратам мин был шиғырҙы... Уны яҙа башлағанда апрель айы – матур яҙ көндәре ине. Уны оҙаҡ һәм ҡат-ҡат яҙырға тура килде. Экзаменға ла әҙерләнәм һәм бына ошо кескәй партизандар менән дә булышам. Бына инде эҫе йәй көнө. Эштән бушап булмай. Бына шул саҡта аҙыраҡ ваҡыт табып, инәй ҡарсыҡтан ҡасып ҡына өй башында йәшеренеп, ошо «Кескәй партизандар» ҙы яҙып бөтөрҙөм. Бына шуның өсөн дә иң яратҡандарымдың береһе ул минең. Тағы ла уны ҡайтанан эшләргә кәрәк. Бик күп етешһеҙлектәр табыла... Бына «Кескәй партизандар»ҙы ҡысҡырып уҡып ебәрҙем. Ҡайһы малайҙар йотлоғоп тыңлайҙар һәм миңә уҡыуы күңелле. Уҡып бөткәс, Ҡалмурзин ҡапыл ғына: «Ғарипов, быны үҙең яҙҙыңмы? Әллә...» Мин уның һүҙен үҙем әйтеп бөтөрҙөм: «Күсереп яҙҙыңмы?..» «Эйе, күсерҙем». Барыһы ла көлдөләр. «Вот разбери бабайҙы...» Әле бүлмәлә бергә йәшәгән малайҙарға илһамланып ҡысҡырып уҡыған яҙмаларҙа өс кескәй партизандың немецтарға ҡаршы көрәшеп һәләк булыуы мажараға тартым ваҡиғаларҙа һөйләнелә. Йәштәре буйынса үҙенә тиҫтер булырҙай был ҡыйыу көрәшселәрҙе автор ихлас ярата. Әҫәрҙе баллада тип атауында, әлбиттә, Ғәлимов Сәләмдең йоғонтоһон күрмәү мөмкин түгел. Ҡырҡынсы йылдарҙа ҡулына ҡәләм алған йәштәр өсөн Ғ. Сәләм иң яратҡан шағирҙары булды. Бер нисә быуын уҡыусылар уның шиғырҙарын уҡып, бигерәк тә «Республика иртәһе»н ятлап үҫтеләр, «Бала» поэмаһындағы образдар тураһында бәхәсләштеләр. Был осорҙа популярлыҡ буйынса Сәләм менән ярышырлыҡ башҡа берәй башҡорт шағирын атауы ҡыйын. 1950 йылдың март башында Рәмиҙең тәҡдиме һәм ҙур тырышлығы менән «Туған тел» газетаһын Ғ. Сәләмгә арнап сығаралар, мәктәптә шағир иҫтәлегенә үткәрелгән йыйылышҡа студент Нур Зарипов менән кәңәшләшеп, Сәғит Агишты, Баязит Бикбайҙы, Мөхөтдин Тажиҙы, Жан Лоҡманды – Сәләмдең иң яҡын иптәштәрен саҡыралар. Уларҙың иҫтәлектәрен балалар бик яратып тыңлай. Был осрашыуға Рәми Ғарипов «Бала» поэмаһы тураһында һүҙ әйтергә бик ныҡлап әҙерләнә. Сығышын ошондай шиғри һүҙҙәр менән бөтөрөп ҡуя: Ләкин һин тормошта, көрәштәрҙә Күп йәшәнең, бойоғоу белмәнең. «Ун ғүмерҙә бөтмәҫ йәшәү дәртен» Йөрөтә алды һинең йөрәгең! Халыҡ ҡул сапҡанда Рәми алғы эскәмйәгә барып ултыра ла, Сәләмдең яҡташы, тәнҡитсе Жан Лоҡмандың иҫтәлектәрен бик ҡыҙыҡһынып тыңлай башлай. Жан Лоҡман ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Бындай кисә өсөн Сәләмдең үҙе һис тә шатланып бөтә алмаҫ ине. Бына мин Ғариповты тыңлап ултырҙым да бик ныҡ шатландым. Ул образлы рәүештә Сәләм әйтергә теләгән фекерҙең, уның иң кешелекле яҡтарын, уның төп маҡсаттарын матур итеп асып бирҙе. Сәләм, ысынлап та, кешене бөтә тәрәнлеге менән һөйгән һәм буш, ҡурҡаҡ кешеләрҙе бөтә йөрәктән күрә алмаған, үҙенең ижады менән дә, былай ҙа Маяковскийға оҡшаған ысын мәғәнәһендәге кеше һәм яҡшы иптәш ине». Сәләм тураһында һөйләгәндә Маяковский исемен шул замандың билдәле тәнҡитсеһе бик урынлы телгә ала. Маяковский Сәләм өсөн остаз ине. Рәмиҙе иһә уларҙың икеһе лә арбай, икеһе лә кумирҙары ине. Бигерәк тә Маяковскийға оло ихтирамын, ҡайнар һөйөүен ул мәктәп яҙмаларында ҡат-ҡат белдерә. Рәмиҙең Сәләмгә бағышланған шиғырында «бойоғоу белмәнең» тигән һүҙҙәренә айырым иғтибар итке килә. «Минең йөрәктә бит асыу түгел, шатлыҡҡа ла урын етешмәй» тигән Ғ. Сәләмдең әҫәрҙәрендә тормош, уның хаҡында фәлсәфи уйланыуҙарҙан, йәшәүҙең асылы тураһында тетрәнеп һәм һыҙланып һүҙ алып барыуҙан бигерәк яңы замандың еңеүҙәрен ихлас данлау мәлдәрендә асылды. Пафос, күтәренкелек, һис бер икеләнеүһеҙ инаныу – Сәләм шиғриәтенең үҙәге барыһынан элек бына шуларҙа. Уға ҡарата «бойоға белмәнең» тигән һүҙҙәр, ысынлап та, бик тә тап килә. Был сифаттар бер Ғәлимов Сәләм ижадына ғына түгел, Рәми Ғарипов менән уның йәш ҡәләмдәштәре дәреслектәрҙән, айырым китаптарҙан, газета-журналдарҙан уҡып үҫкән барлыҡ башҡорт совет әҙәбиәтенә хас ине. Бындай күтәренкелек талантлы шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә ҡанатлы юлдар тыуҙырҙы, кешеләрҙә ныҡлы ышаныс, көслө ихтыяр тәрбиәләне. Әммә эпигондарҙың ҡабатлауҙарында күтәренке оран шалтырауыҡ һөрәндәргә әйләнде, декларативлыҡтың үрсеүенә ерлек әҙерләне. Бындай сир бигерәк тә йәштәргә йоғоусан булды. Унынсы класс уҡыусыһы Рәмиҙең шиғырындағы «бойоғоу белмәнең» тигән һүҙҙәр ирекһеҙҙән бына шундай күҙәтеү-байҡауҙарға алып китте. Сәләм кисәһен үткәрер алдынан шатланып-ҡанатланып йөрөгән Рәмиҙең үҙенә лә, бәлки, «беҙҙең кешеләрҙең бойоғорға хаҡы бармы ни?» – тигәнерәк уйҙар килгеләп ҡуйғандыр. Ә, бәлки, бындай икеләнеүҙәргә уның ваҡыты ла ҡалмағандыр, сөнки ҡыуаныслы хәбәрҙән әле уның түбәһе күккә тейгән сағы. Йыйылышҡа әҙерләнгәндә иптәштәре: «Бир, бабай, ҡулыңды! «Ленин»ың «Әҙәби Башҡортостан»да баҫылып сыҡҡан!» – тип һөйөнсө алдылар. Әле быға тиклем үк редакцияға барғанында был шиғыр хаҡында һүҙ булып алғайны. Сәғит Агиш: «Яҡшы, молодец, ҡустым. Бындай «Ленин»ды беҙҙә әле яҙманылар. Шиғыр образлы, асыҡ һәм йыйнаҡ», – тип, «Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай», – тигән юлдарҙы ҡабатлап ҡуя. Назар Нәжми ҙә: «Беҙҙең әҙәбиәттә әле мыйыҡтары ағарған ағайҙар ҙа Ленин тураһында былай яҙманылар», – тип маҡтай. Рәмигә был баһалар урынһыҙ тойолғайны, «Ниңә һуң көләләр минән?» – тип уйлап ҡуйғайны. Агиштың һәр саҡ шаяртырға яратыуы ла, бәлки, шуға сәбәп булғандыр. Журналды күрергә тип Ленин һәм Сталин урамдары киҫешкән урындағы радиокомитетҡа йүгереп барһа, унда Әхтәм Ихсан да «Яҡшы сыҡҡан», – тип хуплап тора. «Ниңә йышыраҡ килмәйһең? Микрофондан урын бирербеҙ», – тип саҡыра. Исем-фамилияһының ташҡа баҫылып сыҡҡанын күргәс, Рәмиҙең тәне сымырлап китте. «Төш бит был! Бер уның ғына шиғырын баҫалар!» Ләкин журналды уҡығас, үкенеп тә ҡуйҙы: шиғырҙың был тәүге варианты ине. Яҙғандарына Рәми йыш ҡына яңынан әйләнеп ҡайта, шиғырҙарын ҡат-ҡат эшләргә, нисек тә камиллаштырырға тырыша. Әле журналда сыҡҡан «Ленин» шиғыры менән дә шулай булды. Апрелдә ул «Кызыл таң» редакцияһына барғайны. «Ленин»дың «Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай» тигән юлдарын ҡысҡырып уҡығас та Үзбәк Ғимаҙиев яғымлы ғына тауыш менән: «Ҡара әле, был бит шиғыр! Беҙгә әле бындай шиғыр килтергәндәре юҡ ине. Һин яҙҙыңмы? Баҫабыҙ!» – тигәйне. Ләкин Рәми һаман да шиғырҙы төҙәтеү хаҡында уйлай. Сталин урамы буйлап: «Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай, ләкин тиңһеҙ уға бөйөклөк... Юҡ, алыштырырға кәрәк, алыштырырға!» – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә атлағанда, бер үтеп барыусы ҡатын, аптырап: «Бәй, әллә хыялыймы был кеше?» – тигәс, Рәми ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, «Хыялый!.. Хыял!.. Хыялдан да сикһеҙ нимә бар һуң? Бөйөклөгө бар Лениндың! Эйе, ысынлап та... Рәхмәт, рәхмәт һиңә, апай!» – тип, шатлығын уртаҡлашты. Бына шулай итеп: Дөрөҫлөктәй ябай Ленин бабай, Хыялдан да сикһеҙ бөйөклөк! Ленин! Һин бит күҙҙең ҡараһындай Һәр йөрәккә яҡын, һөйөклө! – тигән төҙәтелгән строфа тыуа һәм шағир урамда милиция бүлеге алдында тәүге тапҡыр паспорт алырға көтөп ултырған килеш «Ленин» шиғырының етенсе вариантын эшләп бөтә. Шиғыр «Кызыл таң»да Лениндың тыуыуына 80 йыл тулған көндө баҫылып сыҡҡас, Рәми егерме дана газета алып, иң яҡын иптәштәренә, ҡәләмдәштәренә бүләк итә. «Нимәгә шул тиклем?» – тип аптырап һораған һатыусыға түҙмәйенсә хатта шиғырын уҡып та ишеттерә. Рәми үҙенең тормошондағы мөһим ваҡиғалар тураһында уйлана, шатлыҡлы үҙгәрештәрҙе күҙ алдынан үткәрә. Бына уның шиғыры бер-бер артлы журналда ла, газетала ла баҫылып сыҡты. Был яңылыҡҡа әле күнегеп тә булмай. Ошо көндәрҙә генә ул ҡулына паспорт алды, бөйөк СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы гражданины булды. Ул хәҙер һайлауҙарҙа тауыш бирерлек ил улы булып үҫеп етте. Быйыл мартта класташтары менән тәүге тапҡыр һайлауҙарға барғандары иҫкә төшһә, йөрәге яңынан тулҡынланып тибә башлай. Иртәнге биштә үк торғайнылар. Күңелдәрен ниндәйҙер әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ғорурлыҡ солғап алғайны. Урамдарҙа байраҡтар елберләй ине. Матур итеп биҙәлгән, йылы, йыйнаҡ һайлау бинаһында даһиҙарҙың рәсемдәре ҡаршы алғайны. Беренсе тауыш биреүселәрҙе улар тәбрикләйҙәр һымаҡ ине. Рәмиҙең бер генә лә тыныс көнө, тыныс төнө юҡ. Яңы китап уҡыймы, берәйһе менән һөйләшәме, ул туҡтауһыҙ тәьҫирләнә, туҡтауһыҙ уйлана, яңынан-яңы шиғыр юлдары килә. Ул уй-кисерештәрен ҡағыҙға теркәргә ваҡыт еткерә алмай, яҙыуҙар менән дәфтәр артынан дәфтәр тула. «Туңаһың бит, Бабай!» – тиһәләр ҙә, еңһеҙ генә теннискала саңғыла елдерә, ә уны шиғырҙар эҙәрлекләй. Бына ул «Падение Берлина» фильмын ҡарап сыҡҡан, ә күңелендә шиғыр тулышҡан, яҙмайынса түҙерлек түгел. Әле Ленин баҡсаһында, әле китап киоскыһы янында һөйләнә-һөйләнә яҙа. Кеҫә дәфтәренә берсә «Бәхетлемен йәшәгәнгә, Даһи, һин ерҙә!», берсә «Үҙ йөрәгем һыймай үҙемә... Ер шарындай минең йөрәгем. Тилемендер, ахыры, күрәһең!» кеүек бер-береһенә бөтөнләй ауаздаш булмаған, йыш ҡына хатта ҡаршылыҡлы юлдар теркәлә. Уларҙың күбеһе онотмаҫ өсөн һыҙғылап ҡуйылған эскиздар, киләсәк әҫәрҙәргә әҙерләмәләр. Рәми уларҙы яңынан эшләргә ниәтләнһә лә, был фрагменттарға әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек табылмай. Шиғри яҙмаларҙың, көндәлек күҙәтеүҙәрҙең күбеһе ҡаралама көйө тороп ҡалһа ла, уларҙың тиҫтәләрсә дәфтәрҙәргә тупланыуы Рәмиҙең рухи тормошонда эҙһеҙ үтмәй. Эйе, Өфөләге мәктәп йылдарында Рәми Ғарипов үҙенең тәнен генә түгел, йәнен дә эҙмә-эҙлекле, аяуһыҙ сыныҡтыра. Уның көн дә белемен арттырырға тырышыуы, үҙенә иң юғары талаптар ҡуйыуы, иң талапсан физик һәм рухи режимда йәшәүе шәхестең, руссалап әйткәндә, интеллектуаль тренировкалары ул. Бындай көсөргәнешле күнекмәләрҙә уның фекерләү һәләте үҫә, ҡәләме үткерләнә, һүҙҙең бәҫен белергә өйрәнә. Мәктәп йылдарында Рәмиҙең күңелендә туҡтауһыҙ көрәш бара, зиһене тынғы белмәй, әллә күпме һорауҙарға яуап эҙләй. Ул үҙ заманының бер ҡатлы инаныуҙары менән инанып, даһиҙарға сабый сағынан килгән табыныу менән табынып йәшәй. Шул уҡ ваҡытта ул тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе лә һиҙемләй, ҡалыптарҙы кире ҡаға. Әҙәбиәткә бары һоҡланып ҡарауҙан да ул нығыраҡ ҡотола бара. Ҡайһы саҡта хатта тәжрибәле әҙәбиәтселәргә хас күҙәтеүҙәр яһай. Мәҫәлән, 1949 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт драма театрында Рәжәп Хәйруллиндың «Сәғиҙә» исемле әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарағас, уны тәнҡитләп: «Пьеса бөтөнләй динамикаһыҙ тиергә мөмкин... Производствоны һүҙҙәр менән күҙәтеү мөмкин түгел» тип яҙып ҡуя. Чеховтың пьесалағы мылтыҡ тураһындағы һүҙҙәрен иҫкә төшөрөүе лә драматургик жанрҙың үҙенсәлектәре тураһында ярайһы уҡ әҙерлекле фекер йөрөтөүен дәлилләй. Был спектаклде ҡарарға килгән Рәшит Ниғмәтиҙе, Әкрәм Вәлиҙе, Мостай Кәримде Рәми ҡыҙыҡһынып күҙәтә, ҡайһы берҙәренең, мәҫәлән, Әкрәм Вәли менән ҡатынының төҫ-ҡиәфәттәрен дә иҫтә ҡалырлыҡ итеп тасуирлай. Яндарында ғына ултырған Ниғмәти пьесаны оҡшатмаған һымаҡ күренә. Рәми һүрәтләгәнсә, «Ул сырайын һытып, күңелһеҙ генә һәҙәп хәтле ҡара мыйығын бер туҡтауһыҙ һыпырып, ваҡыт-ваҡыт рәхәтләнеп иҫнәп ҡуя һәм дәртһеҙ генә йоҡоло күҙҙәре менән ҡарап ултыра». Иртәгеһенә Рәми Ғарипов Ғәйнан Әмириҙең, саҡырыу ҡағыҙы буйынса Яҙыусылар союзына бара. Йыйылыштарҙа ҡатнашырға тура килһә лә, әлегә бында булғаны юҡ. Ләкин унда ишектәр бикле, кешеләр күренмәй. Коридорҙа сүп-сар, тәмәке төпсөктәре. Союзға тәүге сәфәренән ул бик күңелһеҙ ҡайта. Икенсе сәфәре тағы ла күңелһеҙерәк була. Бер аҙнанан Рәми бында Рифғәт Алғушаев, Сәғит Фәйзуллин менән килә. Коридорҙа ҡыйыуһыҙ ғына йөрөгәндән һуң кәрәк ишекте асып инәләр. Тар бүлмәлә Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим, Агиш, Даян, Әкрәм Вәли, Тажи, Нәжми, Буранғолдоң улы, Ғафуриҙың улы – барыһы ла Рәми менән Рифғәткә яҡшы таныш Әхтәм Ихсандың балалар өсөн шиғырҙарын тикшерергә йыйылған. Килгән уҡыусыларға ла урын табыла. Бындағы һөйләшеүҙән һуң Рәми Ғарипов, үҙенең көндәлегендә яҙғанса (16 ноябрь, 1949 йыл), «Бөтөнләй туҡмалған кеше кеүек булып ҡала». Башҡорт яҙыусыларының күбеһе башҡортса һөйләшмәйҙәр тиерлек – быныһына йәш кеше иҫе-аҡылы китеп аптырай. Баһалауҙарында йыш ҡына бик киҫкен максималист егеттең башына: «Бына ни өсөн беҙҙең әҙәбиәт тормоштан артта һөйрәлә», – тигән уй ҙа килеп ҡуя. «Их, сауҙагәрҙәр! – тип ул саҡ-саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. – Бына бит ул беҙҙең әҙәбиәттең тишек нигеҙе ҡайҙа! Ә етмәһә, уҡыусыларҙан да наҙандар. Улар артта ҡалғандар. Шуның өсөн уларҙа көрәш уты янмай. Аҡса уты ғына быҫҡый». Кисә генә һәр һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлаған, әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡыған хөрмәтле әҙиптәргә ҡарата бөгөн килеп йәш автор бик ҡаты һүҙҙәр әйтә, уларға ауыр ғәйеп ташлай түгелме һуң? Дөрөҫ, йыш ҡына үҙе уйлағандарҙы хәҙер Рәми яҙыласаҡ романының геройы Вахит исеменән әйттерә. Ләкин уның һөйләгәндәре лә, эшләгәндәре лә туранан-тура авторҙың уй-ҡылыҡтарының күсермәһе. Шулай ҙа ниңә әле әҙәбиәттең йәш шәкерте исемдәре билдәле әҙиптәргә ҡарашын шулай ҡапыл үҙгәртә? Мәктәптә яҙыусылар менән тәүге осрашыуҙар Рәмиҙәр өсөн ниндәй байрам ине бит! Тәүге шиғырҙарында улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән яратҡан шағирҙарына эйәрҙеләр, остаздарының һәр яҙғанын тиерлек, бигерәк тә тәүге мәлдәрҙә, һис бер бәхәсһеҙ ҡабул иттеләр. Рәмиҙәрҙең мәктәбенә яҙыусыларҙың йыш килеүе хаҡында һүҙ булғайны инде. Сығыштарын ҡалалағы төрлө кәңәшмәләрҙә, йыйылыштарҙа тыңлағандары бар. Ә бына уларҙың төп йортона – Яҙыусылар союзына килеү – быныһы инде шиғыр яҙыусы йәш кешеләр өсөн үҙҙәре табынып йәшәгән бөйөктәр донъяһына килеп инеү менән бер. Ләкин улар ҡаушап ҡына аяҡ баҫҡан донъя бер ҙә хыялдағыса булмай сыға. Балҡып торған әҙәбиәт йорто түгел икән дә бында! Тәүге килгәнендә үк бүлмәләре бикле, был бола ғына коридор Рәмигә нисектер шыҡһыҙ күренгәйне. Был юлы ул элеккенән яғымлыраҡ ҡаршылаған һымаҡ булды, әммә улар уҡып йөрөгән мәктәптән әллә ни артыҡ ере юҡ. Яҙыусы ағайҙар үҙҙәре ҡыҫылып булһа ла йәштәрҙе ултыртырға тырышты. Ләкин бындағы һөйләшеү барышында Рәмиҙең баштан уҡ ҡырылған кәйефе һаман нығыраҡ ҡырылды, хатта асыуы ҡабара башланы. «Яҙыусылар уҡыусыларҙан да наҙаныраҡ, шуға артта ҡалғандар. Шуға уларҙа көрәш уты янмай, аҡса уты ғына быҫҡый!» – был уйҙарынан Ғарипов үҙе һиҫкәнеп китте һәм борсолоп юлдаштарына ҡараны. Улар һөйләүселәрҙе ҡыҙыҡһынып тыңлай, йөҙҙәрендә икеләнеү-фәлән һиҙелмәй. Ә Рәми үҙендәге дауылды йыйылыш бөткәнсе саҡ-саҡ тыйып ултырҙы. Оло-оло яҙыусылар хаҡында мәктәп уҡыусыһы Рәми Ғариповтың үтә киҫкен, хатта уҫал һүҙҙәрендә киләсәктә нисәмә тапҡырҙар тураһын яҙып әйтәсәк фекерҙәренең яралғыларын күрергә мөмкин. Әле ул эстән генә уйлай, ә шағир булып танылғас бәхәстәрҙә тыйылып ҡалмаясаҡ. Кешеләр менән аралашыуҙа ғәҙәттә итәғәтле Рәми ижад хаҡында һүҙ барғанда бик ҡырҡыуға әйләнәсәк. Кешене рәнйетеп ҡуймайым тип тә тормаясаҡ. Тура һүҙлелеге уның тормош юлын ныҡ ҡатмарландырасаҡ. Бындай дауыл Рәми Ғариповтың күңелендә һуңғы ваҡытта йыш ҡына ҡубып ала. Ул үҙенә иң юғары талаптар ҡуйып, ҡуйған маҡсатынан сигенмәйенсә, бер әйткән һүҙен һәр саҡ үтәп йәшәргә өйрәнгән. Башҡаларҙы ла шулай күргеһе килә, уларға ла ҡаты талаптар ҡуя. Ләкин йыш ҡына талаптарҙан ныҡ түбән торғандар осрай, тик яҡты ышаныс-өмөттәр генә йөрөткән күңелендә юшҡын ҡалдыра. Рәми хыялдарында тыуған идеалдарҙы тормошта ла күрергә, үҙе лә шул ғәҙел үрнәктәргә лайыҡ булып йәшәргә теләй, ләкин уның был ынтылыштары аҙмы ҡаршылыҡтарға бәрелә. Был хаҡта ул шау-шыулы комсомол йыйылыштарында бәхәсләшә, етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләп, мәктәп журналында һәм газетаһында эпиграммалар, сәнскеле шиғырҙар яҙа. Йыйылыштарҙағы бәхәстәр газета биттәренә күсә. Унда Рәмиҙең уҫал мәҡәләләре лә урын ала. Имзаһын «Бәбәй түгел – Бабай» тип ҡуйған сағы ла була, бигерәк тә аҙ ғына эше менән маһайып йөрөүселәргә ныҡ эләгә. Ҡайһы берҙәре баҫылып өлгөрмәй, дәфтәргә теркәлеп ҡала. Тормоштоң йәшлек идеалына тап килмәгән аяуһыҙ ысынбарлығы шаңғытҡан саҡтарҙа, хәҡиҡәтте кешеләр араһында таба алмағанда Рәми яңынан китаптар донъяһына нығыраҡ бикләнә. Бының өсөн төндәрен яҡты бүлмәләр юҡ икән, мәктәп кочегаркаһы ла ярап ҡала. Ә ҡайһы саҡта тәрбиәсе бүлмәгә килеп ингәндә Рәми әле бөтөнләй ятмаған булып сыға: төндөң үткәнен дә һиҙмәгән! «Китап ене ҡағылған» был көслө ихтыярлы, үткер, шул уҡ ваҡытта мөләйем ҡарашлы, баҙыҡ кәүҙәле егет мажаралы романдар уҡып таң атҡанын да абайламай ҡалһа бер хәл. Уның китаптарын барлай башлаһаң, араларында иптәштәре бик яратып уҡырлыҡтары ла аҙ түгел. Ә байтаҡтарын улар ҡулдарында тотоп, әйләндергеләр ҙә ситкә ҡуйыр, ҡабат уларға боролоп та ҡарамаҫ: Курсанов Г. А. «Логические законы мышления»; Ковалев. «Воля и ее воспитание»; Теплов Б. М. «Психология музыкальных способностей»; Колбановский. «Любовь, брак и семья в социалистическом обществе»; Лафарг П. «Исторический идеализм и материализм»; Плеханов Г. В. «О материалистическом понимании истории»; Крупская Н. К. «О бытовых вопросах»; Луначарский А. В. «Мораль с марксистской точки зрения»... Бындай китаптарҙы төн йоҡоһон ҡалдырып, кочегаркаларҙа ҡасып-боҫоп уҡып ултырыусы «аҡыллы иҫәрҙәр» Өфөлә генә түгел, тотош Башҡортостанда, хатта барлыҡ Ер шарында Рәми Ғариповтан башҡа тағы ла булдымы икән? Ниндәйҙер зачет йәки экзамен бирер өсөн теләһәң-теләмәһәң дә, үҙеңде көсләп булһа ла әҙерләнеү түгел, был белемдәрҙе мотлаҡ зиһендә һеңдерергә теләп, китаптарҙы эҙләп табып, эҙмә-эҙлекле ғилем тауҙарына артылыу. Рәмиҙең «ғилем эстәү»е бына шулай. Ә инде Ленин, Сталин хеҙмәттәре айырыуса йыш телгә алына. 1950 йылда Рәмиҙе Яңы йыл менән ҡотлап, бер танышы Лениндың өсөнсө томын бирә. Был том уның өсөн «бүләк булыуҙан бигерәк ғәҙәттән тыш кәрәкле, һыуһап көтөлгән китап ине». Был томға ингән унлаған әҫәрҙе ул иң яратҡан шиғырҙарҙы һанаған һымаҡ һанап сыға. Тағы ла шуныһы: Ленин томын ҡулында тотоп, әҫәрҙәрен берәм-берәм яратып, барлап торған егет шатлыҡлы ла, һағышлы ла тойғолар менән тәрбиәселәр бүлмәһенә инә лә ғашиҡ булған ҡыҙына аулаҡта дәфтәр тултырып икенсе хатын яҙа. Был хат шиғри формала тыуған, автор уны тотош поэма итеп күҙ алдына килтергән, күрәһең. «Поэма йөрәккә үтерлек булырға тейеш», – ти ул был ғашиҡ хаты тураһында. Ысынлап та, хәтерҙән сығырлыҡ түгел бит. Бик сәйер йәнәшәлек хасил була: һис кенә лә яҡыная алмаҫтай күренештәр, йәғни, марксизм-ленинизм тәғлимәтенең классик әҫәрҙәре менән мөхәббәт хаҡында дәфтәр тултырып яҙылған поэма ун һигеҙ йәшлек ғашиҡ егеттең күңелендә бергә йәшәй, берҙәй ҡәҙерле булып йәшәй. Урта мәктәпте тамамларға йөрөгән Рәми Ғариповтың шул осорҙағы рухи халәте, ынтылыш-эҙләнеүҙәре, тормош принциптары өсөн ошондай тәү ҡарашҡа бер-береһенән бөтөнләй алыҫ, йыш ҡына хатта ҡапма-ҡаршы күренгән тойғоларҙың бергә үрелеүе һирәк тә, ғәйре тәбиғи ҙә хәл түгел ине. Бөгөнгө күҙлектән парадоксаль тойолһа ла, бындай сәйер симбиозды заман үҙе тыуҙырғайны, был бәйләнеште Рәмиҙең шәхси сифаттары тағы ла нығыраҡ көсәйткәйне. Көндәлектәрҙең яңы дәфтәрен башлағанда Рәми, ғәҙәттә, уның тәүге битенә төрлө аҡыл эйәләренең фекерҙәрен, ҡанатлы һүҙҙәрҙе эпиграф итеп ҡуя. Йәш кешенең уларҙы үҙенсә девиз, тормошта ҡулланма итеп һайлағанлығы күренеп тора. Уларҙы бергә йыйһаң, үҙенсәлекле афоризмдар йыйынтығы, «Аҡыллы фекерҙәр донъяһында» һымаҡ баҫма хасил булыр ине. Ҡайһы берҙәрен килтереп үтәйек. «Лучше быть честным врагом, чем фальшивым другом» (Ленин). «Без человеческих эмоций никогда не бывало и быть не может человеческого искания истины... История идей, история смены и, следовательно, борьбы идей» (Ленин). «Я создан Мыслью затем, чтоб опрокинуть, разрушить, растоптать все старое и грязное, все злое, – новое создать на выкованных мыслью, незыблимых устоях свободы, красоты и – уважения к людям» (М. Горький). «Когда пьешь воду, помни об источнике» (Китайская народная пословица). «В бумагу огонь не завернешь» (Китайская народная пословица). Шағирҙарҙың һүҙҙәрен дә Рәми үҙенә оран итеп һайлаған. Гетенан алынған бынау һүҙҙәр ҡатмарлы тормош юлында иң ауыр саҡтарҙа ла кешене алға әйҙәп тормаҫлыҡмы ни: Лишь тот достоин счастья и свободы, Кто каждый день за них идет на бой. Горькийҙың әле килтерелгән һүҙҙәре янына Ғәйнан Әмириҙең ошо шиғри юлдары яҙылған: Күпме шатлыҡ, күпме хәсрәт, Күпме дәрт, моң, уй, теләк, Күпме һөйөү, күпме нәфрәт Һыйҙыра минең йөрәк. Тыштан сабыр күренһә лә, эсендә дауыл ҡайнаған Рәмиҙең тормошона бик тап килеп тора бит был һүҙҙәр. Шуныһын да әйтергә кәрәк. Башҡортса, татарса китаптарҙы, ваҡытлы матбуғат менән даими танышып барһа ла, газета-журналдарҙы бик күп уҡыһа ла, Рәмиҙең мәктәп йылдарындағы яҙмаларында уларҙан күсереп алынған өҙөктәр осрамай тиерлек. Русса уҡыған әҙәбиәт арта бара, айырыуса кәрәкле тип һанаған урындарын битләп-битләп күсереп ала. Һирәк-һаяҡ ул үҙе лә русса яҙыуға күсеп киткеләй. Рәми мәктәптә уҡыған йылдарҙа башҡортса балалар өсөн газета-журнал сыҡманы. Һуғыш ваҡытында улар ябылғайны. Шуға Мәскәү баҫмаларын ул көтөп ала. Уҡып ҡына ҡалмай, улар менән бәйләнешкә инергә тырыша, хатлаша. 1949 йылдың февралендә Мәскәүҙән «Дружные ребята» журналынан («Журнал ЦК ВЛКСМ для деревенских пионеров и школьников» тиелгән) килгән яуапта ошондай һүҙҙәр бар: «Дорогой Рами! Твое стихотворение «Наш капитан» написано с большим чувством и теплотой. И мысль в нем хорошая. Но литературно оно сделано еще недостаточно хорошо и поместить его в журнал нельзя». Хатҡа В. Катаев тигән имза ҡуйылған, ул тағы ла яҙышып тороуҙы һораған. Шиғырын баҫмаһалар ҙа, был яуаптың килеүе йәш автор өсөн шатлыҡлы ваҡиғаға әйләнә, сөнки яуапты Валентин Катаев яҙған, «Һәм ул һүҙҙәр «Белеет парус одинокий» һәм «Сын полка» кеүек гүзәл китаптар авторыныҡы!» Бында «Яңғыҙ елкән күренә ағарып» тигән шиғри юлдар телгә алынғас, мәктәп яҙмаларында Рәмиҙең был образды бер нисә ҡат иҫкә төшөрөүе тураһында ла әйтергә кәрәк. Тирә-яғында мәктәп, ҡала тормошо ҡайнап тора. Ғарипов был ваҡиғаларҙың ябай ҡатнашыусыһы ғына түгел, шуларҙың үҙәгендә ең һыҙғанып эш башлап, үҙе күп нәмәләрҙе ойоштороп йөрөүсе. Тағы ла Мөсәллиә Хәйруллина иҫтәлектәренән: «Рәми инициативаһы менән әҙәби альманах сығарыла. Мәҡәлә яҙыусы, редактор, биҙәүсе ул. Эпиграфтар, фельетондар яҙа, иптәштәренең шиғырҙарын төҙәтә. Үҙе үк әҙәби түңәрәктең «Туған тел» газетаһын сығара. Журналды «Сигнал» тип атанылар. Балалар йортонда балалар советы председателе, бүлмәлә – староста, класта – комсорг. «Йәш гвардия» мәктәп газетаһының редакторы, әҙәби түңәрәк председателе. Туғыҙынсы класта аэроклубҡа йөрөнө. Мәктәп йылдарында уҡ халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынды. Айырым дәфтәргә йыйып, яҙып барҙы». һанай башлаһаң, бер кешенең иңендәге йәмәғәт эштәре тиҫтәгә тула яҙа бит. Уларҙың берәүен генә алып барыу ҙа уҡыусы өсөн ҙур яуаплылыҡ та, үҙенсә ғорурлыҡ та. Нимә генә тиһәң дә, йәмәғәт эшен һәр кемгә ышанып тапшырмайҙар. Дөрөҫ, уҡыусылар араһында нисек тә үҙен күрһәтергә, башҡаларҙан айырылып торорға тырышыусылар, шуға һәр нәмәгә тығылып йөрөүселәр ҙә була. Һүҙ һөйләүҙән уҙмаған ундай «ағас активистарҙың» эше донъя бутауҙан ары китмәй. Рәми үҙен күрһәтеү өсөн түгел, дөйөм эш өсөн яна, класын, мәктәбен яҡшыраҡ итеп күргеһе килә. Уның был тынғыһыҙ тормошо бөтә мәктәпкә күренеп тора, тырышлығы өсөн һабаҡташтары ла, педагогтар ҙа хөрмәт итә. Ғариповтың ошо сифаттары тураһында бәйән итәм дә һағайып ҡуям. Әйтеүҙәре мөмкин бит: автор Рәмиҙән идеал яһарға йыйынмаймы? Бигерәк дөрөҫ йәшәй түгелме һуң был интернат уҡыусыһы? Был китап тик документаль нигеҙҙә яҙылды. Геройҙың тормошона һәм ижадына бәйле хәл-ваҡиғалар, күренештәр нисек булған, шулай хикәйәләнде. Әгәр ҙә Рәми Ғарипов тигән шәхес кеше тәбиғәтендәге яҡшылыҡтарҙы үҙенә мул туплаған икән, бының өсөн яҙмышҡа рәхмәт әйтергә генә кәрәк. Ыңғай геройҙы яҙыусыларҙан бигерәк ҡайһы саҡта ысынбарлыҡ үҙе ижад итә. Замандаштарының бындай шәхесте аңлай йәки баһалай алыуҙары – уныһы икенсе мәсьәлә. Ыңғай кешегә лә тормош гел генә ыңғай килеп тормай. Ниңә һуң тормош уртаһында барыһын да күңеленә яҡын алып йәшәгән Рәми ҡайһы саҡта үҙен диңгеҙҙәге яңғыҙ елкәнгә оҡшата? Ауылдан килә һалғас та, быуа янындағы ташҡа ултырып илап алғанда яңғыҙ елкәндең күҙ алдына килеүе ғәжәп түгел, әле генә алыҫта тороп ҡалған туғандарын ныҡ һағынғандыр. Ләкин һәр саҡ берәй файҙалы эш менән мәшғүл булған Рәмиҙе ҡайһы саҡта болоҡһоуҙар, юҡһыныуҙар шул тиклем ныҡ солғап ала, уларҙан бер ниндәй саралар менән дә ҡотолорлоҡ түгел. Шул мәлдәрҙә уның өсөн яратҡан мәктәбе генә түгел, күпме хазиналар туплаған республика китапханаһы ла тар һымаҡ. Уның хыял-ынтылыштарын хатта иң яҡын иптәштәре лә аңлап еткермәй. Уларға бит Рәмиҙең күберәк тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, төрлө вазифаларҙы уңышлы башҡарыуы, мәктәп өсөн, шиғырҙар, китаптар өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәүе күренә. Ә күңеленең тәрән ҡатламдарында ниндәй көрәш барғанлығын, уның үҙ идеалдарына тап килерлек фекерҙәш эҙләүен, ихлас кисерештәрен аңларлыҡ, шуларға фиҙаҡәр яуап бирерлек серҙәшкә сарсауын иптәштәре нисек кенә белеп бөтөрһөн? Шуға ла тормошонда яңы киңлектәр асырлыҡ, уны яңы донъяларға юлыҡтырырлыҡ һәр мөмкинлекте ул ашҡынып ҡаршы ала. Ҡайһы саҡта ундай мөмкинлектәрҙе Рәми үҙе эҙләп таба, ҡайһы саҡта бындай бәхетте яҙмыш үҙе бүләк итә. Тартып тора төрлө тарафтар (Дон далаларында) Һигеҙенсе класты Рәми уңышлы ғына бөтөрҙө. Туған әҙәбиәттән һәм тарихтан йыл буйынса тик «биш»кә генә уҡыны. Күпселек фәндәрҙән йыллыҡ билдәләр «дүрт». Алгебра, геометрия тиһәләр, уның берәй ауыртҡан еренә тейгән һымаҡ булалар. Шуға уларҙан һәр сиректә «өс» алып килгәс, йыллыҡ йомғаҡта «өс»тән башҡа нимә көтәһең? Ярай әле математиканан былтырғы һымаҡ көҙгә ҡалдырманылар, хурлығы ниндәй ине бит! Иптәштәре: «Бабайға рәхәт», – тип көләләр ине. Ә ул: «Мин бит тормоштан бер аҙым артта ҡалдым! Мин бит ҙур крепосты алыуҙан ситләтелгән меҫкен һалдат! Рәхәт, имеш, «Бабайға», тамуҡта мин!», тип, бик ғәрләнеп йөрөгәйне. Быйыл хәле һәйбәтерәк. Немец теле дәрестәрендә Рәмиҙең ауылда: «Ул фашист теле, мин уны уҡымайым!» – тип, баш тартҡаны ҡайһы ваҡыт бында ла иҫенә төшөп ҡуя. Уҡытыусы был телдең ниндәй бөйөк кешеләрҙең теле икәнлеген, бер телдең дә ғәйебе булмауын аңлатҡас ҡына яйлап ҡарашы үҙгәргәйне. Хәҙер сит телдәрҙең кәрәклеген яҡшы белә, тик барыбер өстән арттыра алмай. Өлөшөнә төшкән көмөшө шулдыр. Әсә теленән яҙма һынау ныҡ иҫтә ҡалырлыҡ булды. Уҡытыусылары Нәфисә апай таҡтаға өс теманы яҙып ҡуйҙы: Ғафури, Туҡай һәм ирекле тема – «Беҙ ни өсөн Мәскәүҙе яратабыҙ?» Өсөһө лә һәйбәт. Тик Ғафури ҙа, Туҡай ҙа ҡыш буйы күп өйрәнелде, уларҙы Рәми күҙ асып йомғансы яҙа ала. Ә бына Мәскәү – бөйөк ҡәлғә ул. Шул ҡәлғәне алыу өсөн Ғарипов маневр яһап ҡарарға булды. «Бабай» эшләмәгәнде эшләргә, ауырҙы еңергә ярата. Үҙенә тиклем эшләмәгән сәғәтте эшләтергә ярата. Күперҙең ҙурыһын үтһәң, бәләкәйе күҙгә лә күренмәй ул. Шулай уйланды ла Рәми теманы «Мәскәү» (ода) тип ҡуйҙы. Дүрт сәғәт барған һынау ваҡытында башынан аҙағына тиклем шиғыр менән яҙылған йөҙ илле юлға яҡын мәдхиә донъяға тыуҙы. Элек яҙылған ҡайһы бер строфалар ҙа шунда инеп киткәйне. Баһа, әлбиттә, «биш»ле булды. Иртәгеһенә директор Мөсәллиә Ғәлиевна: «Ғарипов, һин ул сочинениеңды шул һынау ваҡытында ғына яҙҙыңмы әллә берәй урындан алдыңмы?» – тип, ғәрләндерә биреп тә ҡуйғайны. Әйтерһең дә, Рәми дүрт сәғәт буйына юҡҡа тир түккән. Уның үпкәһен аңлаған һымаҡ директорҙың: «Ярай, һин ул сочинениеңды ҡараламанан яҡшылап күсереп килтер әле. Бында мәктәптә ҡалыр ул», – тигән һүҙҙәре тынысландырып ҡуйғайны. Уҡыусының Мәскәүҙе был маҡтауы шул замандың панегерик әҫәрҙәренән, риторик одаларынан әллә ни айырылмай, күберәк дөйөм һүҙҙәр теҙелгән. Ләкин уҡыусының иншаны шиғыр менән ижад итеүен байтаҡ педагогик тәжрибә туплаған уҡытыусыларҙың да осратҡаны юҡ ине, һәм был ғәҙәти булмаған үрнәктең мәктәптә ҡомартҡы булып ҡалырға, ысынлап та хаҡы бар ине. Инде һынауҙар артта ҡалды, иңдән ҙур йөк төштө. Хәҙер инде улар тураһында Рәми «фәлсәфәүи юғарылыҡтан» фекер йөрөтә. Бында уҙған ике йылды байҡай Рәми, ике йыл ошо мәктәп ишектәрен асып йөрөнөм, ә ул беҙҙең күҙҙәрҙе асты тип, мәктәп баҫҡыстарынан ғына түгел, тормош баҫҡыстары буйлап та ни тиклем юғарылыҡҡа күтәрелдек тип уйлана. Ә алда һуң ниндәй юл, ниндәй сәйәхәт көтә уларҙы! Ошо сәйәхәткә әҙерләнеү һынауҙарға әҙерләнгәндәге ауырлыҡтарҙы, йоҡоһоҙ төндәрҙе ҡайһылай тиҙ онотторҙо. Оло сәфәргә инде һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был көндәрҙе Рәми һынауҙар ваҡытында уҡ һанай башлағайны. Көндәлегенә былай тип яҙып та ҡуйғайны: «Хәжәр апаның: «Һине Алғушаев менән Украинаға ебәрәбеҙ», – тигән һүҙҙәре шул тиклем ныҡ тәьҫир иттеләр, хатта мин шатлығымдан әллә ҡайҙа һауаға һикерә яҙҙым. Украина! Украина! Ул бит Тарас Шевченконың, бик күп батыр Тарастарҙың, Павел Корчагин дың тыуған Украинаһы!» Уны буласаҡ сәйәхәт тураһындағы уйҙар көндән-көн нығыраҡ ашҡындыра: — Походҡа, походҡа! Украинаға, Дон далаларына! 1948 йылдың йәйендә Башҡортостан мәктәптәренең тарихында әлегәсә күрелмәгән ҙур ваҡиға булды. Күбеһенең аталары һуғышта һәләк булған уҡыусыларҙан тупланған бер төркөмдө 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Ворошиловград өлкәһендәге яу юлдары буйлап йөрөп ҡайтыу өсөн әҙерләнеләр. Был яуаплы бурыс йәш 9-сы мәктәп уҡыусыларына йөкмәтелде. һуғыш бөтөүгә әле ни бары өс йыл үткән. Совет халҡы илде харабаларҙан күтәреү өсөн көнө-төнө тир түгә. Донъя миллион толдар һәм етемдәр менән тулған. Аҙыҡ-түлеккә лә, кейем-һалымға ла, торлаҡҡа ла – бөтә нәмәгә ҡытлыҡ замандар. Икмәктең һәр киҫәге, аҡсаның һәр тине һаҡ аҫтында тиерлек ҡаты иҫәптә тора. Ырҙындан йәшереп алып ҡайтҡан бер-ике ус иген өсөн баштар төрмәгә киткән саҡтар. Һуғыш тынһа ла, яралар һаман һыҙлаған, күҙ йәштәре һаман кипмәгән, күпме кешеләр асыҡҡан, өшөгән ауыр йылдар... Бына ошондай ҡыйын тормошта бер төркөм етем балалар яуҙа баштарын һалған аталарының эҙенән алыҫ юлға сыға. Башҡортостан етәкселегенең ошо изге эште ойоштороуына йылдар үткән һайын нығыраҡ һоҡланаһың. Ул кешеләрҙең башына ниндәй миһырбанлы уйҙар килгән, ниндәй мәрхәмәтле ҡарар ҡылынған. Бының өсөн рәхмәттәр әйтһәң дә артыҡ түгел. Ләкин был эштәр рәхмәттәр өсөн түгел, етемдәр хаҡында, шул уҡ ваҡытта йәштәрҙә Ватанға тоғро һөйөү тәрбиәләү тураһында ихлас хәстәрлек менән ойошторолған. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һымаҡ халыҡтың теләге, көсө менән тупланған милли хәрби дивизиялар Бөйөк Ватан һуғышында бик һирәк булған. Яу яландарында ҙур батырлыҡтар күрһәтеп, 76 яугиренә Советтар Союзы Геройы тигән иң юғары исем бирелгән, данлыҡлы юлын Берлинда тамамлаған бындай хәрби берекмә бөтөнләй юҡ. Уның легендар командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһындағы йырҙы Башҡортостанда кемдәр генә белмәй: Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды киң Урал. Ат уйнатып, алдан бара Шайморатов генерал. Бөйөк Ватан һуғышы яландарында СССР-ҙағы милләттәр тиңдәшһеҙ ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәткән. Һәр халыҡта үҙ батырҙарын, тарихи шәхестәрҙе данлап сығарған йырҙар булғандыр. Ләкин һикһән проценты башҡорт ир-егеттәренән төҙөлгән ғәскәрҙе яуға алып барған талантлы полководец исеменә шағир Ҡадир Даян менән композитор Заһир Исмәғилев ижад иткән йырҙы бына нисәмә тиҫтә йылдар буйына йырлау, быуындан быуынға күсеп, сабыйҙарын «Шайморатов генерал» менән йырларға өйрәтеү бәхете һәм ғорурлығы башҡорт халҡының ғына яҙмышына насип булған. Башҡа батырҙар, башҡа тарихи шәхестәр, хатта бөйөк даһи Сталин тураһындағы йырҙар онотолған, ә «Шайморатов генерал» һаман да халыҡ күңелендә йәшәй, йырлана, башҡорттоң йыр сәнғәтендәге быуаттар һуҙымынан килгән яугирлек традицияларын дауам итә. Инде нисәмә көндәр Рәмиҙең күңелендә ошо йыр тынмай. Онотолдомо тиһәң, яңынан әйләнә лә ҡайта. Ул йыр күңелдә әле тынырлыҡмы ни! Батырлыҡтары өсөн Ленин, Ҡыҙыл байраҡ, 2-се дәрәжә Суворов, 2-се дәрәжә Кутузов ордендары менән бүләкләнгән Башҡорт атлы дивизияһы һуғышҡан ерҙәргә походҡа сығыусылар исемлегендә Рәми Ғарипов та бар! Уның бай архивындағы бик күп дәфтәрҙәрҙең береһенә былай тип яҙылған: «Тетрадь для записей Гарипова Р. Я. Июнь-июль 1948 г. Поход по следам сталинского рейда башкирской кавалерийской дивизии». Сәйәхәттең оҙонлоғо 5000 км, йөрөү ваҡыты 35 көн тип билдәләнгән, русса байтаҡ белешмә материалдар күсерелгән. Рәми был сәфәргә бик ныҡ әҙерләнгән. К. Симоновтың «Башҡорт дивизияһында», С.Ҡудаштың «Дон далаларында» һ.б. әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡҡан. Бер нисә көн төрлө сәбәптәр арҡаһында күсерелеп килә торғас, бына алыҫ юлға ҡуҙғалыр ваҡыт та етә. Өҫтәренә йәшел кейемдәр кейеп, арҡаларына рюкзактар аҫып, мәктәпкә йыйылалар. Уҡытыусылар оҙатып ҡалғас, мәғариф министры Сәғит Әлибаев походҡа китеүселәр менән үҙенең кабинетында бик ихлас әңгәмәләшә, кәңәштәр бирә. Маршрутҡа уның күрһәтмәләре өҫтәлә. Данлыҡлы дивизияла полк комиссары булған яугирҙе был уҡыусылар менән осрашыу айырыуса тулҡынландыра. Улар үткән юлдарҙан ошо яңы быуын үтәсәк. Шул юлдарҙа күпме ҡанлы алыштарҙа ҡатнашты, күпме тоғро юлдаштары менән мәңгелеккә хушлашты полк комиссары. Был хаҡта ул матбуғат аша, китаптар аша аҙаҡ барлыҡ халыҡҡа һөйләйәсәк. Әлеге походты ойоштороуҙы башлап ебәреүселәрҙең береһе, һис шикһеҙ, элекке комиссар, хәҙерге мәғариф министры Сәғит Рәхмәт улы була. Республикала ғына түгел, барлыҡ ил буйынса айырым хәрби частың яу юлдары буйлап мәктәп уҡыусыларының сәйәхәте тәүләп үткәрелә. Бөйөк илдәге меңәрләгән мәктәптәр тарихында булмаған тарихи сәйәхәткә сығып китер алдынан Рәми 1947-1948 йылғы уҡыу йылында алып барған көндәлеген: «Ни тиклем ерҙәр үтеләсәк, ни тиклем донъя күреләсәк!.. Һәм бер ябай Салауат малайы Дон далаларында сәйәхәт итәсәк!.. Сәйәхәттең юл көндәлектәре «Ҡартлас Уралдан Дон далаларына сәйәхәт» исеме аҫтында башҡа, айырым икенсе дәфтәргә яҙыласаҡ!..» – тигән һүҙҙәр менән яба. Һәр һөйләм һайын өндәү билдәләре, күп нөктәләр – йәш сәйәхәтсенең шул тиклем ашҡыныуы, алда көткән яңы тәьҫораттар, серлелек, билдәһеҙлек. 29 июндә Өфө-Мәскәү поезына ултырып, 9-сы мәктәп уҡыусылары юлға ҡуҙғала һәм был яуаплы сәфәр башланып китә. Уның һәр көнөн Рәми мөмкин тиклем тулыраҡ теркәп барырға тырыша, һәм уның быға тиклем ижад иткән әҫәрҙәренең иң ҙурыһы – «Дон далаларында» исемле юлъяҙмалар барлыҡҡа килә. Был документаль яҙмалар Зөһрә Бураҡаева әҙерләгән «Рәми Ғарипов. Киләсәккә юл ярам» (Өфө: Арғымаҡ, 2005) тигән йыйынтыҡта баҫылып сыҡты һәм теләгән уҡыусы улар менән ентекләп таныша ала. Иң элек шуға иғтибар итергә кәрәк: «Дон далалары» йәш авторҙың шәхси көндәлеге генә булып ҡалмайынса, бөгөн үҙенсәлекле әҙәби факт, шул осорҙоң төрлө яҡтарын, бигерәк тә йәштәрҙең кисерештәрен сағылдырған документ булараҡ баһаланырға хаҡлы. Шул уҡ ваҡытта был ҡомартҡы йәш шағирҙың үҫеш юлындағы бер баҫҡыс булараҡ та ҡыҙыҡлы. Походтың һәр көнө уҡыусыларға әллә күпме тәьҫораттар алып килә. Мәскәүҙең тарихи урындары менән танышыу йәки исеме бөтә донъяға яңғыраған, совет халҡының еңелмәҫ рухын символлаштырған Сталинградта булыу ғына ла һәр кемдең, бигерәк тә йәш кешенең ғүмерендә онотолмаҫ ваҡиғаға әйләнер ине. Маршрут бик уйлап төҙөлгән. Сәйәхәттең үҙәгендә, әлбиттә, Башҡорт кавалерия дивизияһының дошман тылындағы рейды үткән, Шайморатовтың һәләк булған урындар менән танышыу тора. Бөйөк Ватан һуғышы тынғанға ни бары өс йыл, Башҡорт кавалерия дивизияһының Ворошиловград өлкәһендәге фажиғәле алыштарынан һуң биш йыл ғына ваҡыт үткән. Башҡортостан уҡыусыларына барған юлдарында һуғыш харабалары, емерек өйҙәр, ҡыйралған хәрби техника осрай, улар бындағы мәхшәрҙе кисергән, шулай уҡ шайморатовсыларҙы күргән кешеләр менән һөйләшәләр. Хатта бында һуғышҡан совет ғәскәрҙәренең эшмәкәрлегенә бәйле документтар ҙа табыла. Экспедиция етәксеһе, үҙе дивизия яугире булған майор Кәли Ғәбитов был документтарҙы эҙләгәндә лә, артабан да Рәми Ғариповты янында адъютант һымаҡ ярҙамсы итеп йөрөтә. Ул ҡағыҙҙар тимер йәшниктә ҡойолоп ята, биш йылдан һуң ҡойо таҙартҡанда яңынан килеп сыҡҡан. Уны инде мейес эсенә йәшерәләр. Ҡағыҙҙарҙың күбеһенең һыуҙа юйылып бөткән, тушь менән яҙылғандары ғына уҡырлыҡ булып һаҡланған. Барыһын да барлап, Рәми 151 бит һанай. Аҙаҡ Мәскәүҙә Кәли Ғәбитов менән Рәми Ғарипов был документтарҙы, хәрби карталарҙы, схемаларҙы Генштабҡа тапшыралар, ул ҡағыҙҙарҙы кәрәкле, ҡиммәтле тип, рәхмәт әйтеп ҡалалар. Рәми Ғарипов менән Рифғәт Алғушаев өсөн был походтың иң кульминацион нөктәһе – Шайморатов һәләк булған Штеровка ауылы янындағы Роман ҡаяһы тип йөрөтөлгән урын булғандыр. Улар ҡаты ҡая ташына ике-өс көн буйына осҡон сәсрәтеп иҫтәлекле һүҙҙәрҙе уйып яҙалар. Ҡасауҙары үтмәҫләнгәс, бер генә ҡорал менән алмашлап эшләйҙәр. Рәми сүкегәндә Рифғәт ҡая башында шиғыр яҙа. Башта Рәми уны ныҡ ҡына тәнҡитләп ташлай. Шулай ҙа яңынан эшләгәс, «Юйылмаҫ эҙ»ҙәге: Ташҡа уйып, ҡая күкрәгенә Шайморатов исеме яҙылған... ...Уның данын мәңге юя алмаҫ Көслө ямғыр, ыжғыр елдәр ҙә... Уны һөйөп һәр саҡ иҫкә алыр Башҡорт халҡы килер көндәрҙә, – тигән юлдар Рәмиҙең дә күңеленә хуш килә. Тырышып эшләгән эш тамамлана. Ҡая битендәге яҙыуға Рәми менән Рифғәт ғорурланып ҡарап торалар: «Бейек ҡая күкрәгендә Алғушаев менән Ғариповтың: «Здесь 23/11-1943 года героически погиб генерал-майор Шаймуратов» тип яҙған юлдары шишмә аръяғындағы ҡалҡыулыҡтан уҡ күренеп тора ине... Йылдар үтер... Хәҙер ятҡан окоп, блиндаж һәм траншеяларҙың эҙҙәре лә ҡалмаҫ. Әле аунап ятҡан ватыҡ танк, пулемет, пушкалар тик иҫтәлек итеп музейҙарҙа ғына һаҡланыр... Бына шул саҡта улар бөйөк рус милләте менән берлектә Ватан һуғышы дәүерендә ҙур подвигтар, героик эштәр башҡарған башҡорт халҡын да иҫкә алырҙар. Улар башҡорт халҡының Шайморатов кеүек батыр арыҫландарын да тарих биттәрендә күрә алырҙар һәм уларҙың ҙур подвигтарына һоҡланып ҡарарҙар». Эшләгән эштәренән ҡәнәғәт булып, ошондай уйҙарға бирелгән малайҙар бында тағы ла килеп, үткәндәрҙе хәтерләп йөрөрбөҙ, Ҡырымға ял итергә барғанда тейеп китербеҙ тип хыялланалар. «Рифғәт йылмайҙы. — Давай, – тине ул, ҡапыл ғына башына бер уй килеп, – беҙ был ҡоралдарыбыҙҙы йәшереп китәйек! — Ысынын да!.. Ниндәй ҡәҙерле иҫтәлек булыр улар! Давай, ҡайҙа күмәбеҙ? – тинем мин. Мин әйтеп тә бөтмәнем, Рифғәт, ҡоралдарға урын табып, эшкә тотондо. Записка яҙылып, беҙҙең ҡоралдар ошо яҙыу яҙылған ҡая аҫтына йәшерелде». Үҫмер саҡтарҙың ихлас ышаныстары! Рифғәт менән Рәми йәшереп киткән сүкештәр, ҡасауҙар әле лә уларҙың килерен көтөп Роман ҡаяһы аҫтында яталыр. Моғайын, тутығып-сереп бөтмәгәндәрҙер. Ләкин дуҫтарға был урындарҙан ҡабат үтергә насип булмай. Бөгөн кискә улар бынан китәсәктәр. Шуға әле һуғыш яланын ҡарап өлгөрөргә кәрәк. Ул ялан ватыҡ һуғыш ҡоралдары, ҡыйралған техника менән генә түгел, кеше һөйәктәре менән дә ҡапланған. Яңыраҡ ҡына бында көтөү йөрөгәндә бер һыйыр минаға эләгеп шартлаған. Шуға майор Ғәбитов барыһына ла һаҡ булырға, бер нәмәгә лә ҡағылмаҫҡа ҡуша. Тик йәш-елкенсәк бындай иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һаламы һуң: танктарҙың баштарына үрмәләйҙәр, эскә инеп, ҡоралдарҙы ҡапшап-эшләтеп ҡарайҙар. Майор әрнеүле тауыш менән: «Былар беҙҙең танктар», – ти. Егерме биш совет танкыһы, күбеһе минаға эләгеп, һуғыш яланында ултырып ҡалған. Шайморатовсыларҙың эҙҙәре буйлап йөрөгәндә күргән-кисергәндәр артҡандан-арта. Оҙон юлдың байтаҡ өлөшөн йөк артмаҡлап йәйәү үтеү, төрлө шарттарҙа йәшәү экспедиция ағзалары өсөн төрлө һынауҙар тыуҙырып ҡына тора. Улар күбеһе бер мәктәптә уҡыһалар ҙа, төрлө ойошманыҡылар: Рифғәт Алғушаев, Блан Салихов, Рәми Ғарипов – интернаттан, Әсғәт Әшрәпов, Ғәлләм Урмантаев, Нәҡиә Ниғмәтуллина, Ғәйни Малабаева – етенсе балалар йортонан, Франц Сәйетғәлин менән Илдус Хәйруллин – унынсы мәктәптән. Бында барыһы ла бер тәртипкә буйһона, хәрбиҙәрсә ҡаты режим менән йәшәй, поход уларҙы бергә туплай. Иң ныҡ тәрбиәләгәне, әлбиттә, – шайморатовсыларҙың ҡаһарманлығына баш эйеү, уларҙың батырлыҡтары алдында лайыҡлы булып ҡалырға, яҡты иҫтәлектәренә тоғролоҡ һаҡларға тырышыу. Һуғыш эҙҙәрен үҙ күҙҙәрең менән күреү, окоптар һәм траншеялар буйлап үҙ аяғың менән атлап йөрөү, каскаларҙы, гильзаларҙы һ. б. үҙ ҡулдарың менән тотоп ҡарау, танктарға үрмәләү – былар барыһы күңелгә уйылып ҡала, биткә дәһшәтле һуғыштың һулышы бәрелгәндәй була. Экспедицияның маршруты буйынса Башҡорт атлы дивизия комиссары Байғужа Сәйетғәлиндең ҡәбере янында туҡтайҙар. Ул матурлап тимер кәртә менән уратып алынған. Франц Сәйетғәлин атаһының башы осондағы йондоҙҙо яҡшылап буяй, экспедиция етәксеһе Ғәбитов, Рәми, Рифғәт йылға буйынан сәскәләр йыйып, ҡәбер өҫтөнә һалалар. Илдустың атаһы, полк комиссары Хәйруллин һәләк булған Деево ауылында уның ҡәберенә баш эйәләр. Походта ҡатнашыусы уҡыусыларҙың аталары һуғышта һәләк булғандар. Яу яландары буйлап үткәндә уларҙың һәр береһе атаһының эҙҙәренә аяҡ баҫҡан һымаҡ. Легендар Сталинградта булғанда күңелдәрендәге ауыр яралар яңыра, ил өсөн баштарын һалған ҡәҙерле кешеләренең батырлыҡтары өсөн, үҙҙәренең һалдат балалары булғандары өсөн ғорурлыҡтары нығыраҡ арта. Тирә-яғы ҡыйралған танктарҙың, самолеттарҙың ҡәберлегенә әйләнгән, ҡайҙа ҡарама – емерек йорттар өйөлөп, тулып ятҡан ҡалала, һәр кем күреп китергә тырышҡан йорттоң стенаһына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған: «31 января 1943 года 38-й мотострелковый бригадой полковника Бурмакова в подвалах этого здания был пленен вместе со своим штабом генерал-фельдмаршал Паулюс, командующий немецкой группировкой войск под Сталинградом, состоящей из 6-й армии и 4-й танковой армии, которая в Великом Сталинградском сражении была окружена и наголову разбита нашей доблестной Красной Армией» – тигән һүҙҙәрҙе дәфтәренә күсереп алғанда Рәмиҙең күҙ алдына атаһының һыны килеп баҫҡандыр. Фельдмаршал Паулюс бөтә донъя алдында хурлыҡҡа ҡалып, ҡулға алынғанда, үҙен еңелмәҫ ғәскәр тип һанаған фашистар тураһындағы миф селпәрәмә килгәндә, Йәғәфәр Ғарипов совет һалдаттары сафында йәнен аямай һуғышып йөрөгән, Сталинград тирәһендәге ҡаты бәрелештәрҙә 1943 йылдың 23 февралендә һәләк булған. Ниндәй тап килеү: Йәғәфәр Ғариповтың да, Миңлеғәли Шайморатовтың да ғүмерҙәре дошман менән үлемесле алышта бер көндә өҙөлгән. Роман ҡаяһына генералдың исемен сүкеп яҙғанда Рәми ошо тап килеү тураһында уйламай булмаҫ, моғайын, ҡат-ҡат уйланғандыр. Совет йәштәре өсөн батырлыҡ өлгөһөнә әйләнгән А. Матросов та шул көндө – данлыҡлы Ҡыҙыл Армия көнөндә дошман дзотын күкрәге менән ҡаплаған бит! Бөйөк шәхестәр, исемдәре йырҙарҙа, шиғырҙарҙа данланған шәхестәр менән атаһының яҙмышындағы ошо уртаҡлыҡты уйлағанда Рәми һалдат улы тигән исемгә лайыҡ йәшәр өсөн ниндәй оло яуаплылыҡ йөкмәтелгәнлеген көслөрәк тойғандыр. Яҙылып бөтмәгән автобиографияһында Рәми Ғарипов үҙенең атаһы тураһында ошондай мәғлүмәттәр килтерә: «Уның туғандары Әкрәм, Әхнәф, Әлтәф, Әсләм Фәтҡуллиндар – 1905 йылдан революционер булған, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, атайымдың әсәһе менән бер туған Хөсәйен Ямалетдин улы Фәтҡуллиндың улдары һәләк була. Уның ғаиләһендә минең етем туғандарымдың барыһы ла тиерлек, шулар араһында мин дә тәрбиәләндем. Китап уҡыуым һәм рухи үҫеүем менән мин уға бурыслымын. Фронтта әсәйемдең ағаһы, Арҡауыл МТС-ының политотдел начальнигы Ғабдрахман Ғәйфуллин һәләк булды. Үҙе үлгәс уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Минең бала сағымда иң яратҡан тағы ла бер кеше, үҙенең һөйләүендә мине тетрәндергән шиғырҙарҙы тәүге тапҡыр ишеттергән туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусы Зөбәй Үтәғолов та батырҙарса һәләк булды». Артабан Рәми Ғарипов былай тип дауам итә һәм мин был өҙөктө оригиналдағыса русса килтерәм: «Не вернулись с войны почти все мужчины нашей деревни, с именами которых связаны все сказки и легенды моего детства, песни и сказы о Салавате, о героях гражданской войны, все были и небылицы родного колхоза, родной Юрюзани и родного Каратава, о партизанах которого написана была книга моим односельчанином, писателем Чингизом Хановым. Не вернулся и он... Все это оставило в моей душе неизгладимый след и служило, наверное, первым толчком взяться за перо». Рәми Ғарипов – Рәмил сабый саҡтарында бында ниндәй серле лә, бәхетле лә донъяла йәшәй, күңеленә Салауаттар тураһында ла, партизандар хаҡында ла күпме риүәйәттәр һеңдереп үҫә. Һуғыш ошо яҡты донъяны ҡапыл ҡара ҡайғы менән тултыра, күпме аҫыл ирҙәрҙе үҙенең өйөрмәһе менән алып китә. Һынатмайҙар Салауат еренән яуға киткән ҡаһармандар: Рәмиҙең бабайы – Ғабдрахман Ғәйфуллин, уҡытыусыһы – Зөбәй Үтәғолов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булып, батырлыҡтары менән илгә таныла. Һуғыш юлдары буйлап үткәндә Рәмиҙең күңелендә был геройҙар тураһындағы хәтирәләр ҙә яңырмай ҡалмаҫ. Әлеге автобиографияла был сәйәхәт тураһында бер нисә юл ғына яҙылған: «В 1948 году участвовал в походе по следам Башкирской кавалерийской дивизии на Украине, собирал материалы о подвигах наших отцов, своими глазами видел руины Сталинграда, разрушенные шахты Донбасса, сожженные деревни Ворошиловградской области, впервые видел Москву и слышал о Литературном институте». Был һаран юлдарға күпме кисерештәр һәм уйланыуҙар һыйғанлығын «Дон далаларында» тигән юлъяҙмалар көнләп, сәғәтләп тиерлек күҙ алдына баҫтыра, маршрут буйынса үтелгән ауыл-ҡалалар, ер-һыуҙар хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләй. Бында ара-тирә шиғырҙар ҙа күренә, күпселектә иһә күргән-кисергәндәр документаль теүәллек менән теркәлеп бара. Йәш автор һәр урында дөрөҫлөккә тоғро булырға тырыша. Был ваҡытта әле Шайморатов тураһында төрлө бәхәстәр ҙә ҡубып тора. Шуға ла Рәми «Мин «Генералдың һәләк булыуы» (көндәлектәге бүлектең исеме – Р.Б.) тураһында бик һаран яҙҙым. Сөнки был етди эш һәм ул ҙур яуаплылыҡ талап итә» тип иҫкәртеп ҡуя. Улар Шайморатовҡа бәйле факттарҙы асыҡлау өсөн күп көс һалалар. Документтар йыялар, шаһиттар менән һөйләшәләр, генералдың ҡәберенә таштар өйәләр, сәскәләр менән биҙәйҙәр. Был ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы хәҙерге тормоштан айырылған тарихҡа, алыҫ иҫтәлектәр донъяһына күсеп өлгөрмәгән. Иң ҡаты бәрелештәр булған ҡалаларға әле герой исеме бирелмәгән, Туғандар зыяраттары йәки Билдәһеҙ һалдаттарҙың ҡәбере өҫтөндә Мәңгелек уттар тоҡандырылмаған. Яу барған урындарҙа һәйкәл-диуарҙар ҡалҡмаған, уларға ҡорбандарҙың исемдәре яҙылмаған. Был ҡомартҡыларҙы күрер өсөн турист маршруттары һалынмаған. Рәмиҙәр үткән яу яландарында әле дәһшәтле хәрби ҡоралдар ғына түгел, кешеләрҙең баш һөйәктәре лә һибелеп ята. Башҡортостандан килгән етемдәр ҡайһы бер урындарҙа үҙҙәре лә белмәйенсә, бәлки, ғәзиз ҡорбандарҙың өҫтөнән атлап йөрөгәндәрҙер. Бындағы траншеяларҙан уларға ялҡын бөркөлөп торғандай. Шайморатов генерал тураһында Рәми менән Рифғәт ҡаяға сүкеп яҙған эпитафия ташҡа ғына түгел, уларҙың йәш йөрәктәренә лә уйылған. Юҡҡамы ни көндәлектә ныҡлы ышаныс менән тулы ошо юлдар яҙылған: «Беҙ киткәндән һуң унда күп елдәр иҫерҙәр һәм беҙҙең юлдарҙың эҙе лә ҡалмаҫ, беҙ яҙып киткән ҡая таштағы яҙыуҙар күптән инде юйылыр... Ләкин беҙ килеп билдәләгән башҡорт халҡының батыр улдарының даны һәм ҡаны, уларҙың эш һәм исемдәре бер ҡасан да юйылмаҫ...» Сталинградтан һуң тағы ла Мәскәүгә әйләнеп ҡайталар, был юлы уның менән иркенләберәк танышалар. Бында килеп төшкәс тә: «Мәскәү!!! Әкиәттәге донъя төҫлө күҙҙәремә минең күренә», – тигән шиғри юлдар тыуа. Баш ҡалала улар, ысынлап та, әкиәт донъяһына килеп сыҡҡан һымаҡ бар нәмәгә хайран ҡалып йөрөйҙәр. Башта тормош прозаһына – көнкүреш шарттарына иғтибар итәйек: «Беҙгә ап-аҡ постель һәм йомшаҡ койкалар бирҙеләр... Юл, поход туҙандарын өҫтән алып ташлау өсөн беҙ мунсаға киттек. Унан бер ресторанда тамаҡ ялғап алғандан һуң Мәскәүҙе күрергә киттек». Ниндәй осор икәнен онотмайыҡ: 1948 йылдың йәйе, һуғыштан һуңғы иң ауыр замандар. Ҡыйралып ятҡан харабалар урынына яңы ауыл-ҡалаларҙы күтәрергә, тыныс хеҙмәтте юлға һалырға кәрәк. Ошондай ауырлыҡтар менән көрәшкән совет хөкүмәте нисәмә миллионлаған етемдәрҙе урамда ҡалдырмай, төрлө боҙоҡлоҡ, енәйәт стихияһына ташламай. Ил буйынса меңәрләгән балалар йорттары асыла, унда эләккәндәр йыш ҡына бик ауыр шарттарҙа йәшәһәләр ҙә, үлемдән ҡотолоп ҡалалар. Бик һирәктәренә булһа ла ошондай походтарҙа йөрөргә, хатта әкиәт донъяһы һымаҡ баш ҡаланың үҙен күрергә насип була. Илдең уҙған тарихында тик ҡара яҡтарҙы ғына күреүселәр хәҙер ниңәлер был турала онотоп ебәрә. Бөгөнгө тыныс замандарҙа, ике мең йыллыҡ ҡушылған осорҙа етемдәрҙең артҡандан-артыуы, уларға дәүләт иғтибарының кәмегәндән-кәмеүе, байҙарҙың байыған дан-байыуы, ярлыларҙың ярлылағандан-ярлыланыуы, хәйерселәр менән донъя тулыуы тураһында бындай тәнҡитләүсе-фашлаусылар ниңәлер һүҙ ҡуҙғатмай, бындай ғәҙелһеҙлектәрҙең сәбәптәрен дә эҙләмәй. Рәмиҙәр Мәскәүгә Авиация көнөндә киләләр. Ҡала өҫтөндәге күк бер заман көслө геүләү тауышына күмелә. Арттарынан эҙ ҡалдырып, атлығып осҡан реактив самолеттарҙы Башҡортостан уҡыусылары тәүге тапҡыр күрә. Шуларҙың осошон хайран ҡалып ҡарап торғанда Рәмиҙең күңелендә пилот булыу теләге уянманымы икән? Мәскәүҙәге дүрт-биш көн эсендә йәш сәйәхәтселәр Ҡыҙыл майҙанда, Ленин музейында, Третьяков галереяһында, зоопаркта, планетарийҙа, стереокинола булалар, ер аҫтындағы мөғжизәлә – метрола күпме ҡабат йөрөйҙәр. Тағы ла иҫкә төшөрәйек: майор Ғәбитов үҙе менән Рәмиҙе лә алып, Генштабҡа походта табылған документтарҙы тапшыра. Һәр көн ни тиклем онотолмаҫ ваҡиғалар менән тулы. Поезда Башҡортостанға елдергәндә Рәми Мәскәүгә арнап тағы ла бер шиғри одаһын яҙа. 1 июлгә ҡаршы төндә уларҙы яратҡан Өфөләре ҡаршылай. Бер айҙан артыҡ ваҡыт эсендә меңәр саҡрымдарға һуҙылған был походта алға ҡуйылған маҡсаттар намыҫ менән үтәлә, йәш кешеләрҙең характеры төрлө һынауҙарҙа сыныға. Ватан һәм тормош улар алдында яңы яҡтары менән асыла, яңы уй-ынтылыштар менән ҡанатландыра. Республика мәктәптәре тарихындағы был уникаль экспедиция Башҡорт атлы дивизияһының яу юлдары буйлап үткән, генерал Шайморатов менән уның яугирҙәре һәләк булған урындарҙа йөрөгән тәүге ҙур поход, дивизияның тарихын әле хәтирәләр эҫе, әле эҙҙәр күмелмәгән, әле яраларҙан ҡан һарҡыған саҡта уҡ өйрәнергә тырышыусы асылда беренсе тәжрибә, беренсе ынтылыш ул. Был изге эште педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың башлап йөрөүе, аталары һуғышта үлгән етем балаларҙың башлап йөрөүе айырыуса мөһим. Рәми Ғариповтың «Дон далаларында» тигән поход көндәлектәре иһә Башҡортостан яугирҙәренең батырлыҡтарына шаһит булған һуғыш яландарында тыуған беренсе юлъяҙма, тәүге тикшеренеү, үҙенсә әҙәби әҫәр ул. Был яҙмаларҙа теркәлгән күҙәтеүҙәрҙе хәҙер һис бер сығанаҡтарҙан табыуы мөмкин түгел. Йәш авторҙың ижади үҫешендә «Дон далаларында» етди аҙым булды. Автор уларҙы матбуғатҡа биреү тураһында, әлбиттә, уйларға ла баҙнат итмәгәндер. Гәрсә уны «Ошо яҙмалар совет йәштәренең тормошон һәм көрәшен, комсомолдың иң алдынғы көрәшсеһе булыуын күрһәтеүсе минең яҙыласаҡ (үҙемсә) «Тормош юлдары» тигән романымдың бер киҫәге» тигән иҫкәрмә менән тамамлай. Әгәр үҙ ваҡытында уҡ донъя күрһә, был әҫәр уҡыусылар күңелендә эҙһеҙ юғалмаҫ ине. Ләкин бер кемгә билдәһеҙ үҫмерҙең яҙмаларын баҫтырып сығарыуҙы үҙ өҫтөнә алыусы ул саҡта табылыр инеме икән? Бишенсе океан 1949 йылдың февралендә Рәми Ғарипов ошондай ашҡыныу менән йәшәй: «Әгәр ҙә минең ун пар ҡулым булғанда ла, улар бер генә минут та буш һәм эшһеҙ тормаған булырҙар ине. Их, Ваҡыт! Алтын, алтын һин хәҙер! Йүгерә ул. Йүгермәй – саба ул!» Уның яҙмаларында: Иң-иң татлы гүзәл булған Нимә ул тиһәң әгәр, Татлы нәмә юҡ донъяла Теләгән хеҙмәт ҡәҙәр, – тигән юлдар бер нисә ҡат осрай. Дүрт юллыҡҡа бер урында ошо һүҙҙәр ялғанып киткән: «Ысынлап та... Мин тик ошо теләгән хеҙмәтем менән генә халҡыма үҙем теләгән тиклем файҙалы буласаҡмын. Ә ижад өсөн туҡтап тороу зарарлы. Ул аҙым һайын бер туҡтауһыҙ эшләүҙе талап итә. Бына шул эшләү үҙе талант та инде. Талант ул үҙең менән бергә тыумай, ә үҫә!..» Тартҡылайҙар төрлө тарафтар... Туғыҙынсыла уҡый башлағанда Рәми һаман да әллә күпме эштәр башҡара: йәшәгән бүлмәләрендә лә, уҡыған кластарында ла, тотош мәктәптә лә ул – әйҙәүсе, лидер. Башҡарған йәмәғәт вазифаларын һанай китһәң, ун уҡыусыға етерлек. Хәҙер уның исеме мәктәп сиктәренән сығып, яҙыусылар даирәһендә лә ишетелгеләй. Иптәштәре араһында ҡайнап йәшәһә лә, барлыҡ уй-кисерештәреңде бүлешеп бөтөрөрлөк түгел. Ләкин кем менәндер барыһын уртаҡлашҡы килә, күңелгә һыйҙырып булмай. Тағы ла ҡағыҙ-ҡәләмгә үрелә ҡулдар. Ярай әле иң яҡын серҙәше – дәфтәре һәр саҡ янында. Быйылғы уҡыу йылы башланғанда ул бына яңы дәфтәрҙең тәүге битенә, үҙенең хәленә үҙе аптырап, былай тип яҙҙы: «Дәфтәрҙәр тула. Тағы башлайым. Тағы тула... Яҙам да яҙам. Ләкин ниңә? Белмәйем. Ниндәйҙер бер көс мине яҙырға мәжбүр итә. Хатта яҙмайынса тороу мөмкин түгел... Йә мин ошо яҙыуым менән юҡҡа сығырмын, йә... белмәйем...» (12 сентябрь, 1948 йыл). Был юлдар яҙылған көндәрҙә Рәмиҙе бөтөнләй яңы донъя үҙенә арбай. Аяҡтары менән ерҙә йөрөй, хыялы менән күккә оса. Хыялда ғына түгел, самолетта ысынлап шул һауаларға күтәрелергә ине, осоусы булырға ине! Был теләк уның күңелендә бөгөн генә тыумаған. Миәстә хәрби хеҙмәттә булғанда Йәғәфәр үҙенең янына ҡатыны Гөлмәрйәм менән дүрт-биш йәшлек улы Рәмилде күсереп ала. Бындағы хәрби ҡаласыҡта малай армия тормошо менән көн дә аралаша, самолеттарын да, танктарын да, пушкаларын да күрә. «Һинең кеүек командир булам!» тип, атаһына тынғы бирмәй. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙан өҫтөнән реактив самолеттарҙың аҡ эҙ ҡалдырып осҡандарын тәүге ҡабат күргәндәре, уларға хайран ҡалып ҡарағандары оноторлоҡмо ни? Бәлки, шул саҡта егеттең күңеленә авиация осҡоно төшкәндер? Өфөлә Пионерҙар йортона авиамодель түңәрәгенә йөрөп алғаны ла ерле юҡтан булмағандыр. Шағирҙың күккә ынтылыуы – быныһы инде борон-борондан шулай килгән. Тик уйҙары менән йыһанды айҡаһа ла, үҙе күккә күтәрелә алмаған. Ә хәҙер осҡоң килә икән – рәхим ит, эргәлә генә аэроклуб. Бараһың да яҙылаһың, моғайын, алмай ҡалмаҫтар. Иң ауыр һынауҙарҙа ла һынатмаҫлыҡ итеп үҙен юҡҡа сыныҡтырҙымы ни ул? Һәм 1948 йылдың 10 октябрендә тормошондағы ҙур үҙгәреште Рәми һаран ғына һүҙҙәр менән теркәп ҡуя: «Беҙ – пилоттар. Комиссия булды. Годен к пилотной службе». Курсанттарҙы ҡасан ҡабул итеп бөтәләр – шуны белер өсөн Рәми аэроклубҡа көнөнә биш килеп урай. Уҡыған еренән характеристика килтерергә ҡушалар. Ләкин мәктәптә уны бирмәйҙәр. Күпме һәйбәт эштәрҙе башлап ойоштороп йөрөүсе тынғыһыҙ һәм алдынғы уҡыусы булһа ла, Рәмиҙең математикаға, физикаға күңеле бик үк ятмай, хатта «икеле» алған сағы ла булғылай. «Икеле шағир» тип, унан көлөргә тырышыусылар ҙа бар. Әле бына, әмәлгә ҡалғандай, нәҡ икеле сағы. Уға ҡарап ҡына, юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел бит Рәми Ғарипов. Сәмләнеп уҡырға тотонғас, контроль эштә «икеле» юҡҡа сыҡты. Һәйбәт характеристика алып барҙы. Аэроклубта әҙерлектәр башланды. Теория буйынса дәрестәр практик күнекмәләр менән аралашып бара. Яҙмаларға «аэронавигация», «вираж», «спираль», «УТ-2», «У-2» һәм башҡа һүҙҙәр килеп инә, дәфтәр биттәренә самолет һүрәттәре төшөрөлә. Хәҙер Рәми күберәген авиация буйынса әҙәбиәт эҙләй. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында дан ҡаҙанған һәм дәһшәтле ЯК-тарҙы ижад иткән Александр Яковлевтың «Тормош маҡсаты» китабын бик ентекләп уҡып сыға, тиҫтәләрсә биттәрен күсереп ала. Тотонған эшен Рәми ярым-ярты ғына башҡара белмәй. Осоусы һөнәренә өйрәнеүгә ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Аэродром Ағиҙел аръяғында, унда барып етер өсөн күпме юл үтергә кәрәк. Бурандарҙан һуң унда ангарға тиклем ҡар йырып, манма тиргә батып йөрөргә тура килә. Мәктәптәге дәрестәрҙән һуң аэроклубҡа, унан аэродромға, унан ҡайтҡас тағы ла дәреслектәргә тотонорға... Тәүлегенә йүгерә-атлай нисә саҡрымдар үтелә, буш сәғәт түгел, буш минут та юҡ. Ләкин Рәми осоусы булып күккә күтәрелер өсөн бынан да ҙурыраҡ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ла әҙер. 1949 йылдың март башында нисәмә айҙар буйына көткән мәл етте: осоуҙар башланды. Ниһайәт, Рәми Ғарипов – һауала! Бына бейеклек йөҙ метр, ике йөҙ метр, өс йөҙ илле метр!.. Ысынлап та, самолет штурвалы уның ҡулындамы?! Рәми – самолетта! Рәми – оса! Рәми – ыласын! Бындай бәхеттән, бындай елкендергес ҡыуаныстан иңдәрендә ысын ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай була. Һәм ул ҡапыл үҙенең ныҡ һыуһағанын тоя. Тамағы сатнап, һыу эскеһе килгәненә башҡаса һыуһау – бейеклеккә, киңлеккә ашҡыныу ҡушыла, осоу ҡомары тыуа. Тәүге тапҡыр күккә күтәрелгән йәш осоусы нәҡ шул көндә «Бер аҙна ашарға бирмәй осорға ҡушһалар ҙа осор инем» тигән һүҙҙәрҙе яҙа. Хәҙер инде уның көндәлек дәфтәрҙәренең тышында һәр кемдең иғтибарын тартырлыҡ «Пилот яҙмалары» тигән исем тора. Былай ҙа романтик тәбиғәтле Рәми өсөн күк романтикаһы, ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап иткән осоусылар тормошо башлана. Һауаға көнөнә бер нисә тапҡыр күтәрелгән саҡтар ҙа була. Йәйен аэродромдан ҡайтмай яталар. Палаткаларҙа йоҡлайҙар, хәрби тәртип. Килеү менән серәкәйҙәр ҡаршылай. Курсанттар араһында иң йәше булһа ла, Рәми үҙенең етдилеге һәм тырышлығы менән инструкторҙарҙың да, һабаҡташтарының да ихтирамын ҡаҙана. Өс ҡабат осҡас та аэроклуб етәкселәре уға авиация училищеһына уҡырға барырға кәңәш бирә. Бындай тәҡдимдән күп егеттәрҙең түбәһе күккә тейер ине. Ләкин йәш шағир ризалығын бирергә ашыҡмай. Бында ла Рәми ваҡытты ныҡ ҡәҙерләй. Дәрестәр йәки осоштар араһында аҙ ғына мөмкинлек булдымы, китапҡа йәки ҡағыҙ-ҡәләмгә йәбешә. Унан «Профессор!» тип көлөүселәр ҙә бар. Ләкин үпкәләргә теләк тә, форсат та юҡ. Тик ҡайһы берәүҙәрҙең тупаҫлығы күңелде ныҡ ҡыра. Бер майор курсанттың ҡулынан китабын йолҡоп алып, тапап ташлай. Бында китап уҡырға килмәгәнһең, йәнәһе! «Егерменсе быуат варвары!» тип уйлауҙан башҡа Рәми был бәндәгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай. Яңы донъя йәш егеткә ҡанат ҡуя, ләкин тормош ҡайҙа ла аяуһыҙ тормош. Бында ла ҡанатыңды ҡайырырға әҙер тороусылар бар икән. Ләкин Рәмиҙең күңелендә йәшәгән легендар Чкаловтар, Байдуковтар, Беляковтар, Гастеллолар образын был майор һымаҡ һөмһөҙ бәндәләр һүндерерлек түгел. Совет йәштәренең һуғышҡа тиклемге йылдарҙа авиация менән, парашют спорты менән мауығыуын, мәргән атыу буйынса ярышыуын, «Ворошиловский стрелок» һымаҡ миҙалдарҙы түштәрендә ғорурлыҡ менән йөрөтөүен Рәмиҙәр быуыны сабый саҡтарынан күреп-ишетеп үҫте. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа эстафета уларға күсә, улар араһынан да күптәр күккә ынтыла. Ҡаһарман летчиктар Покрышкин, Кожедуб уларҙың идеалына әйләнә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевте Башҡортостан уҡыусылары мәктәп дәреслектәренән үк беләләр. Күптән түгел генә тынған тиңдәшһеҙ һуғыш авиацияның ни тиклем дәһшәтле һәм ғәләмәт ҙур көс икәнлеген тағы ла нығыраҡ раҫланы. Шуға ла спорт төрҙәрен үҫтерергә, йәштәрҙе шуға ылыҡтырыуға СССР-ҙа ныҡ иғтибар итәләр, уны һәр яҡлап хуплайҙар һәм пропагандалайҙар. Өфөләге 9-сы мәктәптең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Рәми Ғарипов авиацияға бына шундай ағымда килеп юлыҡты, күңелендә атаҡлы осоусыларҙың исемен изгеләштереп йөрөткән йәш кеше булып ҡушылды. Ләкин уның осоусы һөнәренә мөнәсәбәте, күккә талпыныуы башҡаларҙыҡынан ныҡ айырылып тора ине. Осоусылар әҙерләүсе училищеға уҡырға барырға ризалашмауы менән Рәми аэроклуб уҡытыусыларын бик аптырата. Нисек инде аэроклубҡа ҡасан алалар тип көнөнә биш килеп әйләнгән, әле һәйбәт уҡып йөрөгән курсант ошондай маҡтаулы тәҡдимдән баш тарта? Баҡһаң, ул шиғырҙар яҙа икән. Ләкин летчик булып та шиғырҙар яҙырға мөмкин бит әле. Мөмкин, әлбиттә. Әммә Рәми әҙәбиәт менән эш араһында ғына шөғөлләнмәйәсәк. Барлыҡ ғүмерен уға тотошлайы менән арнаясаҡ. Мәктәптән һуң институтҡа инәсәк, белемен үҫтерәсәк. Шиғриәт уның төп хеҙмәте, йәшәйешенең асылы буласаҡ. Был хаҡтағы ҡарарын ул үҙгәртмәйәсәк. Ул саҡта нимәгә һуң аэроклуб? Нимәгә ҡышын көрт ярып, йәйен серәкәйҙән таланып, аэродромда нисәмә айҙар үткәреү? Нимәгә йөҙәр тапҡыр самолетта осоуҙар, туҡтауһыҙ күнекмәләр? Кемдең генә һис юғында ҡоштар осҡан бейеклектән ергә ҡарағыһы килмәй һуң? Ҡоштарҙа ҡул, беҙҙә ҡанат ниңә булмаған икән? Әҙәм балаһы төштәрендә күпме тапҡырҙар күктәрҙә осоп йөрөй. Ләкин һәр осҡан кешегә осоусы булырға тимәгән бит. Осоу тойғоһон, осоу бәхетен Рәми Ғарипов төштә күреп йәки китаптарҙан уҡып ҡына түгел, өндә күреп, үҙе татып, үҙе кинәнеп йә ғазапланып белергә тейеш! Шағир үҙенең хыялдарында ғына түгел, бар булмышы менән осоп ҡарарға тейеш! Бына шул инаныу уны аэроклубҡа алып килде. Шағирҙы осоуҙың романтикаһынан да бигерәк осоуҙың фәлсәфәһе нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. һуғыш алдынан яҙылған «Орденлы Башҡортостан» исемле коллектив поэмалағы «Уйҙар менән Коккинакиҙан да юғарыраҡ менеп ҡараһаң» тигән юлдарҙа шул дәүер шиғриәтенең рухы тапҡыр әйтелгән. Владимир Коккинаки – 30-сы йылдарҙа бейеклеккә күтәрелеү буйынса донъя рекордтары ҡуйған атаҡлы совет летчигы. Рәми Ғарипов был араларҙы уйы менән генә түгел, үҙ күҙҙәре менән байҡарға, кешелек меңәр йылдар буйы хыялланған осоуҙың фәлсәфәүи асылын аңларға теләй. Аэроклубтағы уҡытыусылары Рәмиҙе авиацияла ҡалдырырға тырышһалар ҙа, курсанттың институтта уҡыу, ғүмерен шиғриәткә биреү тураһындағы фекерҙәре ышандырғыс. Йәшлек донъяһы һәр дәүерҙә лә сағыу, арбарлыҡ әүрәткестәре күп. Төрлө тарафтары үҙенә тартып тора. Самолеттан ҡарағанда ниндәй киңлектәр асылып китә. Хәтфә туғайҙар йәйрәп ята, яҡында ғына Өфө күренештәре, уны уратып аҡҡан һылыу Ағиҙел – барыһы ла ус төбөндәгеләй. Ҡайһы бер көндәрҙе ҡат-ҡат күтәрелһәң дә, был матурлыҡтарҙы һауанан тәү ҡат күргәндәй хайран ҡалаһың. Был саҡтарҙа һауа стихияһы Рәмиҙе тағы ла нығыраҡ арбай, самолет үҙенән ебәрмәҫ һымаҡ. «Ә ниңә әле ул летчик булмаҫҡа тейеш?» – был һорау һуңғы ваҡытта зиһенендә йыш ҡабатлана. Ерҙең генә түгел, һауаның да үҙенең тартыу көсө бар икән. Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр киңлектәргә тәүге күтәрелеп төшкәс, кисерештәрҙән шаңҡып ҡалған Рәми был ғәжәп стихияны «бишенсе океан» тип атағайны. Ләкин шиғриәттең тартыу көсө ерҙең дә, һауаның да тартыу көсөн еңә. Йәш пилотҡа йәш шағир алдында сигенеүҙән башҡа сара ҡалмай. Рәмиҙең осоусы һөнәрен һайлауҙан һыуыныуында уның күҙҙәре лә сәбәпсе була. Комиссияны һәйбәт кенә үтһә лә, күҙҙәренең тейешле үткерлектә күрмәүе осоштар ваҡытында беленә башлай. Күҙҙәренең насарайыуында уның туҡтауһыҙ уҡыуы, яҡтылыҡ етер-етмәҫ саҡтарҙа ла китаптан айырылмауы ла сәбәпсе булғандыр. Быны ул аэроклубҡа килгәндә, әлбиттә, йәшерә. Нисектер комиссияны ла үтеп китә. Иң яҡын дуҫтарының береһе, Мәләүез районының Томансы ауылынан Өфөгә килеп музыкант булырға уҡып йөрөгән Миңнулла Дәүләтбаевҡа: «Дәүли, күҙ яғы хөрт бит әле», – тип, үҙенең хәлен аҙаҡ йәшермәйенсә һөйләй. Был хәл авиацияға уның юлын барыбер бикләр ине. Ләкин күҙҙәре бик үткер, һаулығы бар талаптарға яуап бирерлек булғанда ла шиғриәт Рәмиҙе үҙенән ысҡындырыр инеме икән? Ысҡындырмаҫ ине. Тормош төрлө тарафтарға тартҡылаһа ла, ижад һәм әҙәбиәт уның иң изге маҡсаты, иң яҡты маяғы булып ҡала. Яҙмышына әйләнә. Быныһы инде кешенең үҙенән генә тормай. Осоусылар клубына Рәми Ғариповты йәшлек дәрте һәм хыялы менән бергә үҙенең ҡыйыулығын, көсөн һәм ихтыярын өр-яңы шарттарҙа һынап ҡарау теләге, донъяның яңы ҡатламдарын асыу ихтыяжы, рухтың ҡанатланыуы алып килде, шул талаптар нисәмә тапҡырҙар күккә күтәрҙе. Самолетта осҡанда күҙ ҡарашы бығаса төшөнә лә инмәгән киңлектәрҙе байҡаһа, күңел ҡарашы тормошто нығыраҡ иңләне, яңы тәьҫораттар тормоштоң бөйөклөгө, кеше аҡылының даһилығы тураһында уйландырҙы. Тормоштоң яңы ҡатламдарына үтеп инеүҙәр, киләсәктә ижадта асыласаҡ орлоҡтар булып, зиһен төпкөлдәренә уйыла барҙы. Осоштар йәш авторға әлегә шиғри асыштар килтермәне. Был айҙарҙа ла шиғри юлдар күп яҙылды. Ләкин йәш осоусы Рәми профессиональ летчик кимәленән әле бик түбәндә торған һымаҡ, өлгөргән шағир юғарылығын яулау өсөн әле уға бик ныҡышмалы эҙләнеүҙәр юлын үтергә, ижад серҙәренә өйрәнергә кәрәк ине. Ләкин «Пилот яҙмалары» Рәмиҙең шәхси биографияһын ғына түгел, шул дәүер йәштәренең ынтылыштарын шул осорҙағы йәш кешенең үҙе кисереп яҙған үҙенсәлекле бер ҡомартҡы ул. Рәмиҙең тормош баҫҡыстарына яңы быуын, яңы тәжрибә өҫтәлде. Һәр нәмәнең үҙ мәле, башы – аҙағы бар. Бер мәл тыуған ауылыңдан сығып китәһең, тыуған йортоң, әсәйең, туғандарың тороп ҡала. Алыҫ сәйәхәттәр ҙә тамамлана. Самолет штурвалын үҙ ҡулында тотоп, зәңгәр һауаларҙа осоуҙар ҙа туҡтай, авиация менән хыялланыуҙар ҙа үтә. Мәктәп менән, уҡытыусылар менән хушлашыр көн дә етер. Дуҫтар таралышыр, һабаҡташтар төрлөһө төрлө яҡҡа һибелер. Тик әҙәбиәт кенә һәр саҡ бергә, шиғриәт көнө-төнө тынғы бирмәй. Ижад ҡына туҡтамай, эҙләнеүҙәр һаман дауам итә. Аэроклуб курсанты булғанда ла Рәми көндәлектәренән айырылмай. Яҙыусыларҙың байтағын ул хәҙер күреп белә, ҡайһы берҙәре менән аралаша. Яҙмаларға Ҡадир Даян, Маҡсуд Сөндөклө, Мөхөтдин Тажи һ.б. тураһындағы тәьҫораттар өҫтәлә. Күп нәмәгә ул тәнҡит күҙлеге менән ҡарарға өйрәнә, танылған ғына әҙиптәрҙең ижадындағы йомшаҡ яҡтарҙы күреп, бик хаҡлы һүҙҙәр яҙып ҡуя. Шул уҡ ваҡытта шул замандың догмалары, эстетик томаналыҡ йәш кешенең рухи үҫешен тотҡарламай ҡалмай. Нәҡ аэроклубта комиссия үтеп, ҡыуанып йөрөгән көндәрҙә Рәми яратҡан шағиры хаҡында ошолай фекер йөрөтә: «Сәләмдең көсө уның талантында ғына түгел, һуҡыр булмаған дөрөҫ марксистик теория менән һуғарылған талантында» (17.10.49). Шул замандағы совет әҙәбиәт ғилеме ҡанундары буйынса иң дөрөҫ һүҙҙәр, әлбиттә. Бына ошо догмаларҙан ҡотолоу өсөн Рәмиҙең ҡарашына күпме «таҙарыныуҙар» үтергә тура киләсәк. Иң ҡатмарлы һорауҙарға яуап эҙләгәндә, шиғырҙарҙа кәрәкле һүҙ табырға тырышҡанда ул тағы ла үҙе өсөн иң оло абруй булған Максим Горькийға өндәшә, уның менән кәңәшләшә. Йәш авторҙың Горький менән диалогы бик ҡыҙыҡлы (8.04.49). Әҙәбиәт, ижад мәсьәләләре тураһында яҙыусы менән фекер алышыу өсөн бик оригиналь алым табылған. Бөйөк әҙип менән диалогка инеүе ғәйәт яуаплы, тәүәккәл эш. Рәмиҙең быға ҡыйыулығы етә. Ләкин бындай дискуссияға тәүәккәллек менән ҡыйыулыҡ ҡына аҙ бит әле. Иң мөһиме – белем, фекер кәрәк. Үҙ йәше өсөн Рәмиҙә был сифаттар насарҙан түгел. Тик тәжрибә етмәй, заман ҡанундары ҡарашты ҡыҫырыҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Горький менән диалогка Рәми Ғарипов ҡабат әйләнеп ҡайтмай. Йылдар үткәс, әҙәбиәт хаҡындағы төплө фекерҙәрендә ул ошо диалог алымын файҙаланһа, ижад донъяһын байҡаусы бик оригиналь күҙәтеүҙәр тыуыр ине. Ниңә һөйөү шулай ғазаплы? Рәмилдең Арҡауылда мәктәптә уҡып йөрөгәндә 1946 йылдың апрелендә беренсе битен комсомолға алыныу шатлығы менән асып ебәргән көндәлектәренә Рәми Ғариповтың Өфөлә интернаттағы яҙмышындағы күпме хәл-ваҡиғалар, уй-кисерештәр өҫтәлә. «Дон далаларында» тигән юлъяҙмалар көндәлектәрҙе ил тарихы, милләт тормошо менән тығыҙыраҡ бәйләй. «Пилот яҙмалары»нда йәш автор донъяны бөтөнләй яңы бейеклектән байҡай. Башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем асылмаған осоусылар мөхитенә үтеп инә. Һәр йыл үҙенсә оло ваҡиғалар алып килә. Һигеҙенсе кластан һуң Башҡортостан уҡыусыларының тарихи сәфәрендә ҡатнашыу бәхете, туғыҙынсы класта тырышып-тырмашып күктә үҙ урынын яулау, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итергә теләүҙе яңы тәжрибә менән нығытыу. Ә унынсы кластағы дауылдар – үҙе бер роман булырлыҡ! Тормош алға яңынан-яңы һынауҙар ҡуя. Ҡанатландырған саҡтары ла, ҡаңғыртҡан ваҡыттары ла етерлек. Күргән һайын күберәк күрге, белгән һайын күберәк белге килә. Уларҙың барыһын да теркәп барырға кәрәк. Хәҙер инде көндәлектәр киләсәктә яҙыласаҡ романдың айырым бүлектәренә әйләнә. Туғыҙынсыла уҡығанда буласаҡ әҫәрҙең исеме лә ҡағыҙға теркәлә: «Йәшенле йәшлек». Үҙе йәшлек, үҙе йәшенле! «Яҙасаҡмын мин уны», – ти автор һис бер икеләнеүһеҙ. Шундай ныҡлы ышанысы булмаһа, тау-тау китаптарҙы аҡтарыр ҙа, тауҙай хеҙмәттәр атҡара алыр инеме ни ул?! Ижад донъяһына атлыҡҡан йәш кешенең мәктәптең һуңғы дүрт йылында даими, эҙмә-эҙлекле көндәлек алып барғанын ул замандағы башҡорт әҙәбиәте башҡаса белмәй. Мәктәптә көндәлек дәфтәрҙәре яҙып барыусылар Рәмигә тиклем дә, уның тиҫтерҙәре араһында ла, уларҙан һуңғы йылдарҙа ла, бәлки, булғандыр. Ләкин әле бит һүҙ ижад кешеһе тураһында, уның әҙәбиәт хаҡындағы күҙәтеүҙәре, яҙыусылар менән тәүге аралашыуҙары, ҡараштарының формалашыуы, принциптарының нығыныуы, беренсе ижади тәжрибәләре хаҡында бара. Ижадҡа килеүсе йәш кешенең көндәлектәренә бәйле һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, иң элек Ш. Бабичтың исемен атарға тейешбеҙ. Шәйехзада бәләкәстән үк был эшкә ихлас тотонған. Шағир хаҡында замандаштарының иҫтәлектәр китабын төҙөгәндә, уға баш һүҙ яҙғанда мин был мәсьәләгә ҡағылып үткәйнем инде. Ҡайһы бер моменттарҙы яңынан иҫкә төшөрөп үтеүҙе кәрәкле тип һанайым. «Яңәлиф» журналының 1929 йылғы 16-сы һанында Ғүмәр Толомбайҙың «Бабичтың беренсе аҙымдары» (Яңы табылған иҫтәлек дәфтәре буйынса) тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Уның тәүге һөйләме үк йөрәкте һыҙлата: «Бабич күп кенә иҫтәлек дәфтәрҙәре яҙған. Быларҙың күбеһе табылған, һаҡланған булһа ла, байтағы юҡ әле. Бына шул дәфтәрҙәрҙең береһе табылды. Был уның иҫтәлек дәфтәрҙәренән ун икенсе киҫәк булып, 1913 йылдың сентябрь баштарында яҙылған. Яҙылған урыны – ҡаҙаҡтар араһы». Ниндәй ҡыуаныслы табыш һәм ни тиклем үкенесле юғалтыуҙар! Замандаштарының әйтеүенсә, Бабич ун йәшенән алып үлгәнсе көндәлек яҙыуҙы ҡалдырмаған (Сәйфи Ҡудаш), атаһы кеүек үк көндәлек алып барған (ауылдашы Шакир Сабиров). Тимәк, Толомбай әйткән 1913 йылғы ҡомартҡыға тиклем ун бер дәфтәр көндәлек тулған булған, унан һуң күпмеләре яҙылған... Шуларҙың ни бары берәүһе генә Фәтих Кәрим аша, уға тиклем Мирсәй Әмир ҡулында булып (икеһе лә Башҡортостанда тыуып үҫкән татар әҙиптәре), Ғүмәр Толомбай ҡулына килеп юлыҡҡан. Күпме дәфтәрҙәр араһынан береһенең генә йөкмәткеһе менән әлеге мәҡәлә аша танышабыҙ, ә төп нөсхәһе юҡ. Бабичты беҙ әле лә ғәжәп ижад донъяһы тип беләбеҙ. Әгәр уның барлыҡ мираҫы һаҡланһа, был донъя ни тиклем олораҡ булыр, тағы ла нығыраҡ хайран итер ине. Толомбай шағирҙың көндәлегенән уның нимәләр уҡыуын, ҡаҙаҡ араһында халыҡ ижады йыйыуын, үҙенең ғәҙәттәрен, холоҡ-ҡылығын, ҡиәфәтен мәрәкәләп тасуирлаусы байтаҡ өҙөктәр килтерә, улар аша Шәйехзаданың үҙ тауышын ишеткәндәй булабыҙ. Көндәлектәр ижадсының тормошондағы иң яҡын шаһиты, иң тоғро серҙәше, иң сабыр аңлаусыһы. Бындай ҡомартҡының булыуы, һаҡланып ҡалыуы әҙәбиәт өсөн үҙе бер оло хазина. Эйе, ҡасандыр булыуы, яҙылыуы ғына түгел, һаҡланып ҡалыуы ла зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ш. Бабичтың көндәлектәре төрлө ҡыйралыштар заманында туҙҙырылып, юғалып бөткән. Шул ҡиммәтле мираҫтың ҡәҙерле бер ярсығын – егерменсе йылдар аҙағында Толомбайға ҡулында тоторға, уҡырға һәм шул хаҡта һүҙ әйтеп өлгөрөргә насип булған. Артабан ул дәфтәр ҙә юғалған, Толомбай үҙе лә сәйәси золом ҡорбанына әйләнгән. Беҙҙең һәм киләсәк быуын уҡыусыларының бәхетенә күрә, Рәми Ғариповтың мәктәп һәм студент көндәлектәре тулыһынса һаҡланған. Уларҙы яҙа башлағанда Арҡауыл малайы Рәмил Шәйехзада Бабич тигән бөйөк башҡорт шағиры тураһында белһә лә, уның халыҡ дошманы булыуы хаҡында яҙа-йоҙа ишетеүҙән ары уҙа алмағандыр, әлбиттә. Ләкин башҡорт әҙәбиәтендә өҙөлөп ҡалған башланғысты Рәми Ғарипов дауам итә, замандың уникаль документы ентекләп яҙыла. Ентекләп тип әйтеү генә, моғайын, аҙҙыр. Көндәлектәрҙең ҡайһы бер урындары ҡарамала яҙылған, унан һуң аҡҡа күсерелә. Ҡайһы бер хаттар, саҡырыуҙар, башҡа төрлө документтар ҙа ошонда теркәлгән. Былар барыһы ла бик даими алып барыла. Төрлө ҡалынлыҡтағы ике-өс тиҫтә дәфтәр йыйыла. Уларға Рәмиҙең күпме күҙ нуры түгелгән, күпме уй-кисерештәре тупланған, күпме ваҡыты сарыф ителгән! Бындай мираҫ – әҙиптең көндәлектәре, ҡуйын дәфтәрҙәре, хаттары башҡорт әҙәбиәте донъяһында, ғөмүмән, һирәк күренеш булды. Беренсенән, бындай эш алымы күптәр өсөн бик үк хас түгел ине, ул үҙенсәлекле традицияға өйләнмәгәйне. Икенсенән, яҙылғандары утыҙынсы йылдар аҙағында ҡырып-туҙҙырылып бөтөрөлдө. Был яҡтан Сәләмдең, Мөхәмәтйәров ҡайһы бер яҙмалары ғына матбуғатта баҫылып сыҡты. Өсөнсөнән, егерменсе быуаттың ҡырҡынсы йылдарынан алып ижад иткән ҡайһы бер башҡорт әҙиптәренең көндәлек яҙмалар алып барыуы, байтаҡ хаттарының һаҡланыуы тураһында беләбеҙ. Быныһы бик ҡыуаныслы хәл. Әлегә улар шәхси архивтарҙа ҡала һәм матбуғатта баҫылмаған, өйрәнелмәгән, ғилми әйләнешкә инеп өлгөрмәгән. Ләкин бындай ҡомартҡылар араһында мәктәп йылдарынан уҡ яҙылып барғандары, ижадсыларҙың тәүге эҙләнеүҙәрен, улар башлағандағы әҙәби мөхитте сағылдырғандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтөнләй юҡ. Шуға күрә Рәми Ғариповтың көндәлек дәфтәрҙәре башҡорт әҙәбиәте донъяһында ҡабатланмаҫ күренеш ул. Рәми Ғариповтың көндәлектәрен 80-се йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов ентекле тикшерҙе. Уның «Шағир шәхесе» (Рәми Ғариповтың көндәлектәре буйынса) тигән байҡауы (Ғайса Хөсәйенов. Замана. Өфө, 1988, 217-243-сө биттәр) уҡыусыға бай мәғлүмәттәр бирә. Көндәлектәрҙәге исемдәр, ваҡиғалар уйлап сығарылмаған, документаль нигеҙле. Ҡайһы саҡта исемдәр генә үҙгәртелгән. Конкрет кешеләр хаҡында һүҙ алып барғанға күрә, автор әҙәп һәм рөхсәт сиктәрен дә боҙмаҫҡа тырыша. «Хәҙергә ярамағанлыҡтан, портреттарға аҙ урын бирелә» тип, ҡат-ҡат иҫкәртә, был һүҙҙәрҙе хатта бер дәфтәрҙең тышына уҡ яҙып ҡуя. Яҙғандарын 1949 йылдан әле «Яҙыласаҡ романдың бүлектәре» тип, әле һис бер икеләнеүһеҙ «роман» тип атай. Исеме «Йәшенле йәшлек»тән иң һуңғы мәлдә «Йәшлек»кә әйләнә. Авторы күберәк «Бабай», аҙаҡ килеп Рәми Салауатский. Мәктәптә уҡыуҙың һуңғы йылын ҡаршылағанда «Йәшенле йәшлек»кә «Беҙҙең эраның 1950 йылы» тигән тантаналы стилдәге һүҙҙәр яҙылған. Шул уҡ көндәрҙә тыуған шиғри юлдар араһында ошондай строфа ла бар: Егерменсе алтын быуат бөгөн Бүленә тап нурлы уртаға. Яңы йылдың таңы менән ҡотлап, Йыр яҙам мин һүнмәҫ уттарҙа. Тәбрикләүҙә күберәк дөйөм һүҙҙәр әйтелһә лә, авторҙың ваҡыт ағышын киң панорамала байҡауы хәтерҙә ҡала. Быуатты урталай бүлгән был йыл Рәмиҙең тормошонда айырыуса дауыллы-йәшенле була. Бының сәбәпсеһе – мөхәббәт. Күпселектә осрағанса, бәхетһеҙ мөхәббәт. Донъяла бәхетһеҙ мөхәббәткә ҡарағанда бәхетле мөхәббәт, бәлки, күберәктер. Шулай булмаһа, татыу ғаиләләр ҡайҙан тыуыр ҙа инсафлы балалар ҡайҙан үҫер ине? Ләкин һәр жанрҙа ла нәҡ бәхетһеҙ мөхәббәт яңы әҫәрҙәрҙе күберәк тыуҙыра. Кемдер әйткән, аҡсаһын юғалтҡан кеше юғалған аҡсалары тураһында йырлай алмай, ә һөйөүен юғалтҡан кеше юғалған һөйөүе тураһында йырлай тигән. Юғалған һөйөү тигән һүҙҙәр менән бәхәсләшергә лә мөмкин. Яратҡан кешеңдең юғалыуы ихтимал, әммә уға ҡарата булған көслө тойғолар барыбер һаҡланып ҡала бит. Рәмиҙең мәктәп йылдарындағы мөхәббәте яуапһыҙ ҡала, ләкин ялҡыны оҙаҡ йылдар һүрелмәй. Уны ныҡ ғазаплай, йоҡоһоҙ төндәре, ябығып, кибеп йөрөгән саҡтары күп була. Кәрәк саҡта хәҡиҡәтте тура ярып әйтә торған егет яратҡан ҡыҙы алдында йыш ҡына ҡаушап ҡала. Хистәрен хаттарға һала, серҙәрен шиғырҙары менән уртаҡлаша, тик күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшергә ҡыйыулығы етмәй. Хатта иң яҡын иптәштәренә лә һиҙҙермәҫкә тырыша. «Йәшенле йәшлек»тә Рәмиҙе Вахит тип үҙгәртһә лә, Мариятты Айһылыу образына йәшерһә лә, шағир ғазаптарының сәбәптәрен дуҫтары ғына түгел, мәктәптә күптәр белә. Рәмиҙең тәүге тәрән кисерештәрендә ысынбарлыҡ менән хыял араһындағы нисбәт нисек? Уның тойғолары ихлас, уларҙа тамсы ла яһалмалыҡ юҡ, әлбиттә. Ләкин ул үҙенең яратҡанын артыҡ идеаллаштырмаймы? Реаль тормоштан айырылып, әллә ҡайҙарҙа хыял ҡанатында осоп йөрөмәйме? Был һорауҙы һәр мөхәббәткә ҡарата әйтеп була. Бигерәк тә йәшлектәге тәүге ҙур тойғо был һорауҙы тыуҙырмай ҡалмай. Ысынлап та, мөхәббәттә идеаллаштырыу йыш ҡына бик көслө. Яратҡаны ҡайһы саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, идеаллаштырғанына бәрәбәр килмәһә лә, кеше уны әллә ниндәй матурлыҡтар менән биҙәй, унда булмаған аҫыл сифаттарҙы өҫтәй, юҡ яҡшылыҡты бар итеп күрә, бар етешһеҙлек күҙенә күренмәй. Мөхәббәтте ҡайһы бер боронғо китаптарҙа яҙылғанса һәм хәҙерге бәғзе ғалимдар аңлатҡанса, яман зәхмәт тип йәки кешенең рухи ауырыуы итеп иҫәпләргә ярамайҙыр. Шулай һанағанда кешене илаһи ҡанатынан яҙҙырырға, бөйөк сәнғәт әҫәрҙәренән баш тартырға тура килер ине. Мәктәпте тамамларға хыялланып йөрөүсе Рәми мөхәббәте өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. «Йәшенле йәшлеклең утыҙҙан артыҡ бүлегенең ҡайһыһын ғына асма, һөйөүгә ниндәй ҡайнар мәдхиә, Марият-Айһылыуҙы күктәргә күтәреү, изгеләштереп табыныу. Көндәлектең егерменән ашыу биттәренең тотош шиғыр менән яҙылған урындары бар. Уларҙа ниндәйҙер оригиналь фекер осратыуы ҡыйын, тойғолар ҙа асыҡ ҡына төҫмөрләнеп етмәй. Барыһы ла һүҙ ташҡынына күмелә, ғашиҡ кеше әйтергә тейешле һүҙҙәрҙе таба алмай. Кәрәкле һүҙҙе тыныс ҡына эҙләргә уның ваҡыты ла, түҙеме лә етмәй. Сабыр Рәмиҙе лә шулай сабырлыҡтарынан юйҙыртҡас, уны төн йоҡоларынан яҙҙыртҡас, егеттең ниндәй һөйөү уттарында үртәлгәнен үҙегеҙ белегеҙ. Һөйгәненең һәр хәрәкәтендә ул ниндәйҙер матурлыҡ таба. Бергә йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үткәндә уның хаҡында уйлай, фоторәсемен ҡәҙерләп һаҡлай, тәүлегенең һәр сәғәтендә әле ошо ваҡытта ул ҡыҙ нимә эшләй икән тип күҙ алдына килтереп ҡарай. Көйөнмәҫ ерҙә көйөнә, ҡыуанмаҫ ерҙә бер ҡатлыланып ҡыуана. «Вахит оҙаҡ ултырҙы. Ул, эшен бөтөрөп, бүлмәгә йүнәлгәндә коридорҙа ултырған өҫтәлгә иғтибарын туҡтатты. Бынан ике сәғәт элек кенә уның эргәһендә Айһылыу ултыра ине... Вахит ҡапыл йылмайҙы ла кеҫәһенән автоматын алып, ул ултырған ултырғыстың аҫ яғына: «1 март 1950 йыл, А...» тип яҙып ҡуйҙы. «Берәй ваҡыт Айһылыуға уны күрһәтермен дә: «Бына бит донъялағы иң ҡәҙерле ултырғыс!» – тип көлөрмөн...», тип уйланы Вахит. Һәм ул ултырғыстың бөтә билдәләрен ентекләп ҡараны ла аҡрын ғына «Ғәлиәбаныу»ҙы көйләп, өҫкә күтәрелде: Аҡлы ситса күлдәгемде Һаламын да кейәмен. Йәрем яттар менән уртаҡ, Янамын да көйәмен...» Ун көндән һуң Вахит менән Айһылыу һайлауға килә: «Гражданин менән гражданканың күҙҙәре ҡапыл ғына осраштылар ҙа йәшен тиҙлеге менән айырылыштылар. «Ярай әле рәхмәт төшкөрө хәрефтәр! Беҙҙе бергә ҡуйҙығыҙ!» – тип шатланды Вахит. «Их, ниңә һуң положениела ике кеше бергә тауыш бирергә әйтелмәгән. Их, демократия!» – тип йылмайып ҡуйҙы Вахит. Бындағы ихлас инаныуҙар, ғашиҡ егеттең романтик уй-хыялдары үҙенә-үҙе биргән аяуһыҙ һорауҙар, максималисток юғары рухи талаптар менән үрелә: «Мин, йүләр, Айһылыуҙы үҙем менән харап итмәҫменме? Уның шатлыҡлы көндәре минең менән ҡара болоттарға әйләнмәҫме һуң? Бит минең тормошом бөтөнләйгә башҡаларҙыҡынан айырылып торасаҡ. Ниңә? Бит мин ялды ла, эштән туҡтауҙы ла белмәйәсәкмен. Тормош миңә шулай ҡуша. Ә ул мине аңлармы? Быға ул һалҡынлыҡ тип ҡарамаҫмы? Ни тиклем уға түҙемле, ихтыярлы булырға тура киләсәк!.. Ни тиклем!.. Юҡ, ул мине аңлар. Шуның өсөн дә мин уны йөрәгемдә йәшәтәм дә. Тик ул ғына мине аңлай аласаҡ! Минең бөтә йәнемде һәм тәнемде биргән, кеше өсөн шаулы тормош төҙөүҙә көрәш алып барған йәш быуын өсөн, партия өсөн биргән намыҫлы һәм ауыр хеҙмәттәремдең тоғро шаһиты булырға ул үҙе лә шатланыр. Күңелһеҙ булмаҫ уға». Бында һүҙ Вахит менән Айһылыу тураһында барһа ла, Рәмиҙең Мариятҡа булған мөнәсәбәте һәр юлда ярылып ята. Хатта һайлауҙағы исемлектә фамилияларҙың бер тирәлә булыуы әллә ҡайҙан уйлап сығарылмаған, тормоштан алынған: Ғайсина Марият, Ғарипов Рәми. Йәш кеше әйткән һүҙҙәр уның ниндәйҙер күрһәтмәләрҙе ҡабатлауы түгел, уның ихлас инаныуы, беренсе кластан унынсы класҡа тиклем ҡанына һеңдерелгән ҡанундарҙың һөҙөмтәһе. Корчагиндарҙың йәшәү рәүеше Рәми өсөн мөхәббәттә лә юғары өлгө. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» романы уның өсөн иң изге китаптарҙың береһе. Йыш ҡына үҙенең фекерҙәрен ул шул китаптан күсереп алынған өҙөктәр менән нығытып ҡуя. Үҙенең быуат урталайға бүленгән дәүерҙәге кисерештәре менән ауаздаш шиғырҙарҙы ла ул иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Көндәлектең 1950 йылдағы бер битенә – яңы башланған дәфтәрҙең тышлығына былай яҙылған: XXII («том»). 1950 (4). «Йәшенле йәшлек». («роман»). Көндәлек яҙмалар. Рәми Ғарипов. 9 ғинуар, 1950 йыл. Шуға иғтибар итергә кәрәк. Яңы йыл әле башланып ҡына тора, ғинуарҙың туғыҙы ғына. Ә Рәми был көнгә тиклем өс дәфтәрҙе – 72 бит тултырып та өлгөргән. Дүртенсеһен тултырғас (ә уныһы үҙе генә лә 40 битлек буласаҡ), 15 ғинуарҙа яңыһы – бишенсеһе, тағы ҡалынырағы, 170 битлеһе асыласаҡ һәм 27 ғинуарҙа 1950 йылдағы алтынсы дәфтәрҙе башлағансы бер айҙан да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә көндәлектәрҙә, тышлыҡтарҙа күрһәтелгәнсә, «Йәшенле йәшлек» романына яңы 210 бит текст өҫтәләсәк. Был текста яңы шиғырҙар, Әмиригә хат, редакциялағы һөйләшеүҙән ризаһыҙлыҡ, башҡа төрлө осрашыуҙарҙан тыуған тәьҫораттар һ. б. хәбәрҙәр тупланған. Бына ниндәй ҡолас һәм тиҙлек менән ижад итә ғашиҡ егет! Ошо эштәрҙән тыш башҡа бер нәмәгә лә урын ҡалмаҫ һымаҡ. Ләкин был ай ҡышҡы каникулдарҙан ғына тормай, дәрестәргә йөрөргә, мәктәп эштәре менән дә шөғөлләнергә кәрәк. Өҫтәүенә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә һөйгәненең ҡарашы күҙ алдынан китмәй. Иптәштәре, уҡытыусылары ябығып киттең, тип аптыраталар. Рәми урынында булһалар, улар, бәлки, ҡаҡ һөйәккә ҡалыр ине. Бик күп ғашиҡтар һымаҡ, Рәми ҙә яратҡан ҡыҙын идеаллаштыралыр. Үҙ дәүеренең балаһы булараҡ, мөхәббәтен сәйәси ҡанундарға ҡорбан итергә лә әҙерҙер. Кешелек мөнәсәбәттәренә иң юғары талаптар ҡуйып, ул үҙенең максималистик ҡәтғилеге менән һөйөү ҡошон, бәлки, өркөткәндер йәки уйҙары менән иң юғары бейеклектәрҙә осоп, күберәк ҡатмарлы мәсьәләләр тураһында ғәйәт етди, ҡайһы саҡта ғәҙәти аҡылға һыймаҫлыҡ һүҙҙәр һөйләүе менән ҡурҡытҡандыр. Ҡыҙ үҙен был егеткә тиң итеп һанамағандыр. Йәки уға башҡасараҡ, ябайыраҡ мөнәсәбәттәр, әҙәм аңларлыҡ ҡәҙимге һүҙҙәр кәрәк булғандыр. Мөхәббәт ҡанатлы зат булһа ла, уның тамырҙары ерҙә. Хыял сикһеҙҙер ҙә бит, тик тормош күп нәмәләрҙе сикләп ҡуя. Был хаҡта төрлөсә фараз итергә мөмкин. Ләкин Рәмиҙең әле был нескәлектәрҙә эше юҡ. Йөрәге янған саҡта ул үҙенең кисерештәрен, ҡылған эштәрен нисек тыныс ҡына барлай алһын? Ҡайҙа ысыны, ҡайҙа уйҙырмалар икәнлеген нисек дөрөҫ баһалай алһын? Мөхәббәттә Рәми барыһынан элек фекерҙәш эҙләй, тоғро рухи юлдаш тураһында хыяллана, һине бер һүҙеңдән генә түгел, күҙ ҡарашынан уҡ аңларлыҡ серҙәш кәрәк уға. Кисә генә уны һөйгәне аңлаған һымаҡ ине, унда ла ихлас тойғолар тоҡанған һымаҡ ине, уны ла уртаҡ уй-ынтылыштар елкендергән һымаҡ ине. Ә бөгөн донъя бөтөнләй башҡа яғы менән боролған, кисә генә яҡын булған йән әле бөтөнләй ят, кисә нур бөркөлөп торған күҙҙәрендә хәҙер өшөткөс һалҡын ҡараш. Ул барыһын да кире ҡаға, Рәмиҙең өмөттәре ҡыҙҙың аяҡ аҫтарына төшөп селпәрәмә килә. Бындай үҙгәрештәр инде нисәнсе тапҡыр ҡабатлана. Ниңә һөйөү шулай ғазаплы? Тағы күңелде шик солғай, ул ҡыҙ башҡаны яратҡан һымаҡ. Егет үҙен өсмөйөштә артыҡ күрә, «Шулай ҙа миңә сәхнәнән китергә кәрәк!» тигән ҡарарға килә. Ләкин ул шик-шөбһәләре лә тарала, донъя тағы ла ал да гөл, ул һөйә лә, һөйөлә лә кеүек. Был бәхетле мәл тиҙ үтә: «Нисектер күңел ышанмай. Нисектер был мөхәббәт күңелһеҙ барып сығасаҡ кеүек тойола». Әммә өмөтө һүрелмәгән: Ышанған да булған булыр инем, Әйтһәң: «Һыуҙар бөткән диңгеҙҙә». Ләкин ышанмайым: «Һөйөү үтә», – тиһәң, Һайығыу юҡ тәрән һөйөүҙә. Шулай ҙа ныҡлы ышаныстың сатнаған, көслө ихтыярҙың да ҡаҡшаған сағы етә. Шул ваҡытта ихлас кисерештәрен әллә аңлата алмаған, әллә ҡат-ҡат аңлатып та, башҡаның битарафлығын ғына күрергә дусар булған йәш кеше мөхәббәттән тамам әйләнгән башын әллә ҡайҙарға алып сығып олаға. 1950 йылдың апрелендә интернатта ЧП – ғәҙәттән тыш хәл тыуа: Рәми Ғарипов юғалған! Эҙләмәгән ерҙәре ҡалмай, тик нисә көн буйына таба алмайҙар. Бөтә мәктәп ҙур хафаға төшә. Рәмиҙең юғалыуы уйланылмай ғына яһалған аҙым түгел. Һуңғы ваҡытта егеттең күңелендә ҡот осҡос ҡарар нығынғандан-нығый. Апрелдә яҙылған шиғырҙар араһында ошондай юлдар бар: Мин эҙләгән ҙур мөхәббәт шулай Табылмаҫмы икән ғүмергә? Тура килер микән тойғоларҙы Үҙем менән бергә күмергә? Әйҙә минең бәхетһеҙлек һиңә Бәхет булһын барыр юлыңа. Яныуымды ҡосто ҙур ғәмһеҙлек: Нәфрәт таптым һөйөү урынына. Ошонан һуң Пушкиндың «Пускай умру, но пусть умру любя» тигән һүҙҙәре яҙып ҡуйыла һәм шиғыр былай тамамлана: Йөрәгеңдә һинең ятһа боҙҙар, Саң урынына мине күрерһең. Бәлки, йәшәмәҫкә миңә тура килер – Ләкин һине һөйөп үлермен. Шиғыр башланыр алдынан «Их, Айһылыу!..» тигән һүҙҙәр, шиғырҙың һуңғы юлынан һуң тағы ла: «Их һин, Айһылыу! Нәфрәтеңде лә һөйәм мин һинең!..» – бындай өндәшеү-ялбарыуҙар көндәлек биттәренә күпме һибелгән! Асылда уларҙа Рәмиҙең: «Аһ, Марият!» тип яныу-өҙгөләнеүҙәре ишетелә бит. Әлеге шиғырҙы яҙыр алдынан Степан Щипачевтың шул йылдарҙағы популяр ошо юлдары тәржемә ителә: Мөхәббәт ул Яҡшы йырға оҡшаш, Еңел түгел йырҙы сығарыу. Икенсе биттә Лермонтовтың «Хәйерсе» шиғырындағы кисерештәрҙең үҙендәге тойғоларға нисек ауаздаш булғанлығына хайран ҡалып, тулыһынса күсереп ҡуя. Артабан: «Лермонтов яҙған был юлдарҙы. Нисек һуң уртаҡ беҙҙең йөрәктәр. Ләкин беҙҙең әҙәби яҙмыш океан менән тамсы араһындағы айырма кеүек». Иң ауыр саҡтарында йәш ғашиҡтың хәтеренә Пушкиндың, Лермонтовтың юлдары килә, хәтәр мәлдә ул бөйөктәр менән кәңәшләшә, хатта үҙенең ҡылырға йыйынған ҡылығын уларҙың һүҙҙәре менән раҫлап, аҡлап ҡуйырға тырыша һымаҡ. 12-13 апрелдә Рәмиҙең яҙмышы ҡыл өҫтөндә була: «Яҙыуы ла оят. Юҡ, яҙмайым (ике юл һыҙылған – Р.Б.). Ниндәй ҡәбәхәтлеккә барып еттем мин. Боғоросландан кире әйләнеп ҡайттым. Бөтә детдом дау ҡупҡан. Мине эҙләгәндәр. Юғалтҡандар. Тәрбиәселәрҙе мин ни тиклем борсорға мәжбүр иткәнмен... шулай ҙа башҡаса юл юҡ ине. Мин был эштең барып сыҡмаҫын белһәм дә, уның юлына атламайынса булдыра алманым... Мин нисек булһа ла үҙемдең һиңә булған тойғоларымды йылдар үтеү менән һүндерә аласаҡмын. Һин саф йөрәкле кеше. Мин һине һөйөргә хаҡһыҙмын. Мин үҙем менән һине әрәм итмәйәсәкмен. Мине тиҙерәк мәктәптән ҡыуып сығарһындар. Эйе, тиҙерәк. Мин бөтә мәктәпте бысратырға теләмәйем». Рәми Ғариповтың был һүҙҙәрен уҡығанда Бабичтың: «Мин, имеш, аҙам, мин, имеш, туҙам, гонаһым – туҙан, тау кеүек яҙам!» – тигәне хәтергә килә. Бында башҡасараҡ яза. Бабичтағыса шағирҙы ғәйепһеҙгә язалауҙары түгел, кешенең үҙ-үҙен нахаҡҡа аяуһыҙ язалауы. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, әлеге юлдарға Рәми башҡа ҡара менән «Күҙ йәштәрем менән илаған көндәр», тип өҫтәп ҡуйған. Бабич һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү, ысынлап та, бик урынлы икән. Икенсе көндө көндәлектә шундай юлдар бар: «Минең был көндәрҙә күтәргән ғазап тауҙарын ер йөҙөндә бер кемгә лә күтәрергә тура килмәһен. Мин был ғазаптар тураһында яҙып тормайым. Бер кемгә лә кәрәкмәй ул. Хатта мин уны уйҙарымдан ғына кисергәндә лә сәстәрем үрә тора. Ашаманым. Йоҡламаным. Буферҙарҙа күкрәгемде ҡыҫтырып, йөҙәр саҡрымдар буйы аҫылынып барҙым. Аяҡтарымды туңдырҙым. Сыраға әйләндем. Ләкин улар уның янында көл генә инеләр. Һәм минең кеүек йылдар буйы йәшерен рәүештә аҡылдан шашып, тиле һөйөү менән һөйөргә һәм шундай яҙмышҡа осрарға бер кемгә лә тура килмәһен. Мин уларҙың беренсеһе һәм һуңғыһы булайым». Һуңғы юлдарҙың аҫтына һыҙып ҡуйылған. Мөхәббәте өсөн башын юғалтыр сиккә еткән кешеләрҙең Рәми, үҙе нисек кенә теләһә лә, тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел. Гетенең «Йәш Вертерҙың ғазаптары» һымаҡ мәшһүр әҫәрҙәрҙе тыуҙырырлыҡ яҙмыштар бәрелеше әҙәм балаларының тәбиғәтенә мәңгелеккә һалынған. Берәүҙәр өсөн был үлемесле һәләкәткә әйләнә, икенселәрҙе был ғазаплы һынауҙар нығыраҡ сыныҡтыра. Ләкин ниңә һөйөү шулай ғазаплы? һәр саҡ еңеп йәшәргә өйрәнгән Рәми мөхәббәт ҡорбаны булыу сигенә килеп терәлгәндә лә барыбер еңеп сыға, дауыл уны ныҡ ҡына йолҡҡолаһа ла, тамырынан аҡтарып алып китә алмай. Йәш күңел тиҙ яраланған һымаҡ, уның яралары ла тиҙерәк төҙәлә. Ғүмерлек эҙҙәре ҡалһа ла, һыҙланыуҙары тиҙерәк баҫыла. Маяковскийҙың үлеүенә 20 йыл тулыуға арнап Яҙыусылар союзы кисә үткәрә. Унда Рәми халыҡ менән бик аралашмаҫҡа тырышһа ла, Ғәйнан Әмири уның янына ултырып, ҡулдарын ҡыҫа, өйөнә саҡыра. Маяковский шиғырҙарын оҫта итеп сәхнәнән уҡыуҙары Рәмигә айырыуса ныҡ тәьҫир итә. Мәктәптә лә Маяковскийға бағышлап кисә ойошторалар. Унда Рәми ҙә сығыш яһай, Маяковскийға яҙған шиғырын да уҡый. Иптәштәре шаулашып ҡотлай, уҡытыусылары шатлана. Яңыраҡ ҡына поездан ташланыр хәлгә етә яҙған егеткә яңынан ҡанат үҫкән һымаҡ: «Кешеләр, һинең өсөн бөтә йөрәктән ҡайғырған кешеләр була!.. Әллә нисек йөрәккә рәхәт булып ҡалды һәм минең аяҡтар ергә лә теймәйенсә остом һәм остом!..» Быйылғы яҙ ныҡ тулҡынып алған тормош яйлап ярҙарына ҡайта. Хәҙер инде ул «апрель ваҡиғаларын» тынысыраҡ анализларға тырыша, шиғырҙарында ла шул һиҙелә. Ышандым мин. Ник ышандым. Күҙҙәреңдең ҡарашына. Һәм уларҙан ағыуландым... Хәсрәт таптым мин башыма. Кескәй генә шатлыҡты ла Теләнем мин уртаҡларға. Ятлығыңды күреп уға, Аҙыҡ булдым мин уттарға. Был дүрт юллыҡтар (улар байтаҡ) эҙмә-эҙлекле үҫә барған фекергә теҙелмәгән, уларҙы уртаҡ уй-кисерештәр халәте берләштерә, йәш шағирҙың эҙләнеүҙәренә яңы яңғыраш алып килә. Элек күберәк патетика ашҡыныу өҫтөнлөк итһә, хәҙер уйсанлыҡ, һалмаҡлыҡ өҫтәлә. Был дүрт юллыҡтар шәреҡ робағиҙарын да хәтерләтеп ҡуя. Нәҡ ошо шәлкемде яҙыр алдынан Алишер Науаиҙың «Ете планета»һын уҡыуы ла, бәлки, үҙенсә йоғонто яһағандыр. Хәҙер Рәми күңеленең иң төпкөлөндә йәшереп йөрөткән тойғоларын башҡалар менән уртаҡлаша, күңелен нығыраҡ аса башлай. 4 майҙа Ғәйнан Әмириҙең фатирында булғанда бындағы китаптарҙың күплегенә иҫе киткән Рәми уға булған ярҙамсыл мөнәсәбәткә, Ғәйнан ағайҙың үҙенең тормошондағы оло ла, үкенесле лә һөйөүе хаҡында ихлас һөйләүенә һоҡланып бөтә алмай. Рәмигә Әмири: «Һин беҙҙең әҙәбиәттә ҡыҙыҡ ҡына бер фигура булырға оҡшайһың», – тип ҡуя. Бындай һүҙҙәр тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тураһында уйландыра. Остаҙына ул иҫтәлеккә рәсемен яҙып бирә. Әмиригә йәш шағирҙың айырыуса ошо юлдары оҡшай: Бәхетле мин әгәр әйтә алһам, Юлдашым тип тик бер Мариятты. Беренсе һәм, бәлки һуңғы ҡабат Уны ғына шулай яраттым. Ошо юлдарҙы уҡып ишеттергәс: «Гүзәл, – ти Әмири. – Тик һин яңылышма. Рифмалар ҙа ниндәй матур. Бына ошо рифмалар шиғырыңда ике фекерҙе матур итеп бәйләгән кеүек, һеҙҙең арағыҙ ҙа шулай бәйләнһен. Ул һиңә бөтә ғүмерең буйынса ярҙам итерлек һәм ҡәнәғәтләндерерлек булһын. Барыһынан да элек уның һинең ни тиклем ауыр һәм ҙур эш эшләүеңде тәрән итеп аңлауы кәрәк». Бында ла һуңғы юлдарҙың аҫтына һыҙып ҡуйылған. Нисәмә ваҡыттар үҙе өсөн генә алып барған көндәлектәрен, романға әҙерлек тип иҫәпләгән яҙмаларын Рәми башҡаларға ла уҡытып ҡарарға була. Бөтәһе ете кешенең фекерен дәфтәренә теркәп ҡуйған. Дөйөм алғанда, был ныҡышмалы хеҙмәтте һәйбәт баһалайҙар, теләктәр ҙә әйтәләр. «Ысын мөхәббәт ялҡыны менән һәм бер нәмәгә лә тиңләп булмай торған илгә булған һөйөүең һәм ошо һөйөү менән мәңге алға ынтылыуың уҡыусыны (уҡыусы итеп үҙемде алам мин) ҡанатландыра, уға дәрт, көс бирә ала. Дуҫың Рафаэль Сафин. 18.05.50.» «Рамиль! Будь твердым, решительным, стойким, справедливым и морально выдержанным. Желаю успехов! 2.06.50.» Ҡултамғаһы асыҡ түгел, Рәми ҡулы менән «Тәрбиәсе» тип өҫтәлгән. «Рамиль, я увидел, как в героях твоего романа формируются лучшие моральные качества, присущие только советским людям... Твой друг Ренат. 1.08.50.» «Рәмил! Мин һинең яҙмаларыңды бөтә йөрәгем менән бирелеп уҡыным. Тормошто, хеҙмәтте, халыҡты һөйөү менән һуғарылған был яҙмалар... Сәғирә. 6.08.50.» «Рәми! Был яҙмаларҙа тормошҡа, хеҙмәткә, халыҡҡа булған һөйөүҙе күрәһең... Шуның менән әйтергә кәрәк: һыҡраныу бик күп урынды ала. Оҙаҡ аңлашмау Айһылыу образын асыуҙа ҙур тотҡарлыҡ килтерә... Уңышлыҡтар теләп, дуҫың Әсғәт. 8.12.50.» Уҡып сыҡҡандарҙың теләктәренән алынған был ҡыҫҡа-ҡыҫҡа өҙөктәрҙә генә лә шул заманға хас фекерләүҙе тойоп була. Әсғәт Әшрәповтың һыҡраныу тураһындағы фекере лә бик урынлы. Теләктәр Мөсәллиә Хәйруллинаның һүҙҙәре менән башланып китә, унда бик кәрәкле кәңәштәр әйтелә. Ҡайһы бер урындарын бында күсерәйек: «Свой мир внутренний, свои чувства ты подчини разуму. Слишком много сентиментализма. И в этом вопросе будь решителен, объяснись, требуй и т. д. Робкое молчание что тебе дает? Если ты будешь все таить в себе, ты скоро станешь рабом своего чувства. А ты удовлетвори это чувство, поступай решительнее. Может быть, это простое заблуждение. Если бы ты добился своего, скоро бы наступил момент разочарования. Ничего не поделаешь, такова природа человеческая. Желаю успеха в учебе, в труде и в личной жизни. Твоя учительница М. Г. Хайруллина. 13.05.50.» Яратҡан уҡытыусыһының ҡулъяҙмаһына Рәми былай тип өҫтәп ҡуйған: «Мөсәллиә Ғәлиевна! Ни тиклем гүзәл кеше ул. Эйе, мин уның тураһында бик аҙ яҙғанмын. Ә ул минең тормошомда ни тиклем хөрмәтләнергә тейешле Кеше! Әле мин кешеләрҙе ни тиклем баһалай белмәйем». Төрлө ҡалынлыҡтағы әллә күпме дәфтәрҙәрҙе уҡып сығыусылар араһында иң төплө фекерҙе, һис шикһеҙ, Мөсәллиә Хәйруллина әйткән. Уның баһаламаһында һәләтле уҡыусыһын ғына түгел, ғөмүмән, кеше тәбиғәтен нескә аңлауын күрәһең. Һәр хәлдә, «Йәшенле йәшлек»те башҡаларҙың хөкөмөнә сығарып, Рәми Ғарипов йәшлек тормошондағы драматик бер тарихҡа йомғаҡ яһай. Ғәҙәттә, тамамланған эш хаҡында фекер уртаҡлашалар. Күберәк Рәмиҙең рухи донъяһында ғына ярһыған дауыл инде баҫылыуға табан бара. Гәрсә авторҙың уйы романды һаман да дауам итеү. Алғараҡ китеп булһа ла, шуны әйтергә кәрәк. 1950 йылдың авгусында «Йәшлек»тең һуңғы дәфтәренең («Йәшенле» һүҙе төшөп ҡала) башына һәм аҙағына автор ошондай өҫтәлмәләр яҙыуҙы кәрәк тип таба. Инеш былай: «Уҡыусыма. Ҡәҙерле уҡыусы! Бына һинең ҡулыңда «Йәшлек» романының икенсе китабы. Әгәр ҙә һин ҡайнар йөрәкле булып, йәшлек утың янып торһа, уны уҡырға хаҡың бар. Әгәр ҙә һин бер нәмәгә лә ҡыҙыҡһынмай һалҡын ғына, эшең юҡтан был «Йәшлек»кә инһәң, тиҙерәк сыға күр. Әгәр ҙә йәшәргә теләһәң, уҡы, минең менән уйла, кисер, ян, еңеп сыҡ, асыҡ күңелең менән һөйләш, һәр бер юлға иғтибар ит. Был минең өсөн дә бәхет булыр». «Авторҙан» тигән йомғаҡлауҙа Айһылыу менән Вахит тураһында ошондай юлдар бар: «Бәлки уларға бик күп йылдар күрешергә тура килмәҫ. Бының менән мөхәббәт юғалмай. Улар осрашырҙар... Был киләсәкте һин, уҡыусым, ошо уҡ киләсәктең романдарынан уҡырһың. Ышан, мин уларҙы тиҙерәк күрештерергә тырышасаҡмын. Рәми Салауатский. 1950 й. Горький (Н. Новгород), Сормово, Волга». Тимәк, әҫәрҙе автор дауам итергә самалаған. Был яҙмаларға уның ҡарашы төрлөсә. Әле уларҙы «икенсе китапҡа материалдар» тип билдәләй, күп урында «роман» тип ҡырт киҫеп тә ҡуя. Тәжрибәһеҙлекме, икеләнеүме? Әлбиттә, был яҙмаларҙы роман тип һис кенә лә әйтеп булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әҙерлектәр шул әҙерлектәр кимәлендә тороп ҡала, улар нигеҙендә авторға роман йәки башҡа жанрҙағы өлгөргән әҫәр ижад итергә насип булмай. Ләкин был тәжрибәләр йәш авторҙың ҡәләмен шымарта, эҙмә-эҙлекле хеҙмәткә күнектерә. Рәми Ғарипов мәктәп йылдарынан уҡ үҙен үҙе ҡаты тәртипкә өйрәтә, ижадта үҙешмәкәрлек менән сикләнмәй, профессионаллеккә ынтыла. «Йәшенле йәшлек»тең 1950 йылдың йәйендә һуңғы биттәре яҙыла. Рәмиҙең яуапһыҙ мөхәббәттәге татлы ғазаптары әкренләп һағышлы хәтирәләр донъяһына күсә бара. Һуңғы һынауҙар Ә тормош үҙ ҡанундары буйынса дауам итә. Йәш кешенең бар булмышын ғәйәт көслө тойғо биләп алһа ла, башҡа ынтылыштарҙы тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығара алмай. Рәми өсөн иң ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла ижад, ғилем – үҙәктә, йәшәүенең төп маҡсаты. Хатта һөйгәне менән мөнәсәбәттәрҙә лә ул бер-береңде яратыуҙы ғына түгел, ҡыҙҙың китаптарҙы яратыуын төп шарттарҙың береһе итеп ҡуя, уны үҙенә генә түгел, белемгә нығыраҡ яҡынайтырға тырыша. Белеме артҡан, офоҡтары киңәйә барған һайын Рәмиҙең талаптары ла юғарыраҡ күтәрелә, кешенең туҡтауһыҙ камиллашырға, яңынан-яңы белем һәм рух бейеклектәренә ынтылырға тейешлеген көндән-көн көслөрәк тоя. Бына был дүрт юллыҡ – уның 1950 йылды ниндәй кисерештәр менән башлауының асыҡ дәлиле: Аңланым мин күпте белгән һайын Белеп бөтөү мөмкин түгелен. Болоттарға тиклем үҫтем тиһәм, Тик бер нөктә икән ғүмерем. Ғәжәп парадокс килеп тыуа. Ғилемде Алла күреп табынған, китапты ҡулынан төшөрмәгән Рәми мәктәп дәрестәренең ҡайһы берҙәрен һанға һуҡмай башлай, математиканан өлгәшмәй. Ә алда – иң яуаплы сессия, сығарылыш имтихандары тора. Был хәл мәктәп етәкселәрен бик ныҡ борсой, әлбиттә. Рәми Ғарипов мәсьәләһен комскомитет бюроһына ҡуялар. Ултырышта мәктәп директоры Сажиҙә Зайлалова, балалар йорто директоры Юзефа Матвеевна, комсомол секретары Шакир Янбаев, һабаҡташтары ҡатнаша. Райкомдан уҡыусылар менән Дон далаларында бергә булған Һәжәр апа ла килгән. Рәмиҙең тәртибе хаҡында һөйләшеү бик киҫкен бара. Уның яҡшы, намыҫлы иптәш булыуын, эш һөйөүен бер тауыштан хуплайҙар, беҙ һине быға тиклем артыҡ маҡтаныҡ, тиҙәр. Тәнҡит һүҙҙәре лә бик ҡаты: әҙәбиәткә артыҡ күп ваҡыт бирә, дәрес ваҡытында шиғыр яҙа, хәҙергә уҡырға тейеш булмаған фәлсәфи китаптар уҡый, уҡытыусылар менән бәхәсләшә, уларҙы өйрәтә һ.б. Таланты юғалмаҫ, яҙырға өлгөрөр, әле уның төп бурысы – уҡыу, унынсыны бөтөрөп сығыу. Шиғырҙарыңдан бигерәк яҡшы уҡыусы булыуың кәрәк. Хатта ҡаты хөкөм тураһында ла һүҙ сығып ҡуя: бөтә роман, шиғырҙарыңды бикләп ҡуябыҙ ҙа – яҙмайһың! Был һөйләшеү Рәмигә бик ныҡ тәьҫир итә. Ул шаңҡып ҡала. Бюронан сыҡҡас, күҙенә тығылған йәштәрен башҡаларҙан йәшерә. Мәктәптең киң баҫҡысынан төшөп килгәндә уның күҙҙәре стена газетаһындағы Лениндың ҡарашы менән осраша. Был ҡараш егеткә: «Теҙ сүкмә, алға ынтыл!» – тигән һымаҡ була. Был ваҡытта завхоз бесән бушатырға малайҙарҙы ҡыуалап йөрөй. Рәми бер үҙе сығып, бушатыу ғына түгел, бер йөк бесәнде өйөп тә ҡуя. Аптыраған Вәли бабай рәхмәттәрен яуҙыра. Һарай эсен аэродром бесәненең хуш еҫе тултыра. Рәмиҙең күҙ алдына самолеттарҙы ултыртыр өсөн сигнал биреп торған, туғайҙы ысыҡ ҡаплаған, томан күтәрелгән саҡта осош яһаған, ерҙә лә осоп-йүгереп йөрөгән, сәскәле аҡландарҙа китап уҡып, шиғыр яҙып ятҡан саҡтар килә. Ҡыҙыу эштән тәндәре яҙылып, зиһендәре асылып китә. Хәҙер инде уҡырға ла мөмкин. Дәрестәргә! Ҡараштарынан ваз кискән һымаҡ булһа ла, асылда баш эймәгән Галилейҙең: «Ер барыбер әйләнә!» тигән атаҡлы һүҙҙәрен яҙмаларында Рәми ҡабатларға ярата. Шиғриәт, әҙәбиәт барыбер йәшәй! Яҙыуҙан тыйып ҡараһалар ҙа, ижад ҡомары уны көндән-көн нығыраҡ арбай. Уҡылмаған күпме китаптар көтә, тик уларға юл табыуы еңел түгел. Республика китапханаһында ла Сергей Есенинды бирмәйҙәр, ҡулда тиҙәр. Әллә махсус йәшерәләр. Ысын шиғырҙарға юлығыу ни тиклем кинәнес бүләк итә! Бигерәк тә башҡортса яҙылғандары үҙенән-үҙе күңелгә уйыла. Тик ундай аҫыл юлдар йыш осрамай. Бына Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡығас ни тиклем тулҡынланды. Түҙмәне, күсереп алды. Үҙенән дә дүрт юл өҫтәп ҡуйҙы: Уҡығанда илағыһың килә Шатлығыңдан яҡшы шиғырҙы. Ҡомһоҙланып йөрәгемә һалам Йөрәк йыры булһа мин йырҙы. Һәр уҡығанын Рәми бик ваҡ иләктән үткәрә, талапсан баһалай. Рухы ҡабул итмәгән хәлдәр тураһында ул һәр саҡ тураһын әйтә. Мәктәптә уҡытыусылар менән уҡытыу алымдары хаҡында бәхәсләшеүҙән тартынмай, фәнде тормоштан айырыу, уҡыусының психологияһы менән иҫәпләшмәү тураһында борсолоп уйлана. Әҙәбиәткә ҡарата ла уның мөнәсәбәте шулай. Берәй яңы әҫәр хаҡындағы фекерен, ыңғай булһа ла, кире булһа ла, уңайы тура килгәндә яҙыусының үҙенә әйтеүҙән дә тартынмай. Мәҫәлән, Башҡортостан туристарының слетында Әсғәт Әшрәпов 9-сы мәктәп балаларының Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап походы тураһында һөйләй, уға алдан Рәми әйткән байтаҡ фекерҙәрҙе лә залға еткерә. Әсғәттән һуң Әкрәм Вәли сығыш яһай, яҙыусыларҙың уҡыусылар алдында бурыслы булыуҙарын әйтә. «Бурыслы ғына түгел, бик ныҡ ғәйеплеһегеҙ», – тип уйлай Рәми һәм әле генә тәнәфестә әҙип менән булған һөйләшеү тураһында бик ғәрләнеп уйлана. Әкрәм Вәлигә ул былай ти: «Беҙҙең яҡ егеттәре» «Әҙәби Башҡортостан»да баҫылып сыҡҡас уҡ, беҙ үҙебеҙҙең фекерҙәребеҙҙе, килешеп етмәгән урындарын күрһәтеп, талаптарыбыҙҙы ҡуйып, «Ҡыҙыл Башҡортостан»ға биргәйнек. Баҫырбыҙ тинеләр, тик урын юҡ тип, аҙаҡтан сығарманылар». Был һүҙҙәрҙән яҙыусының сырайы һытылып китә. Ә уҡыусы һаман туҡтамай: «Аҙаҡтан мәҡәләне үҙегеҙгә ебәрәбеҙ тип һорап алғас, архивта инде, тинеләр. Һеҙ шунан алып булһа ла, танышып сығыр инегеҙ». Был һүҙҙәргә әҙип: «Ҡарап ҡарарбыҙ», – тип һалҡын ғына яуап бирә. «Әҫәр уҡыусылар өсөн яҙылмаймы ни?» – тип вайымһыҙлыҡҡа Рәми аптырап бөтә алмай. Редакцияларҙа булғанда унда эшләүселәр менән ҡайһы саҡта бәхәсләшә, үҙ фекерен яҡлай. Һуңғы класта уҡығанда Рәми Ғарипов Ғәйнан Әмири менән айырыуса йыш аралаша, уның кәңәштәрен, хәстәрлекле, талапсан мөнәсәбәтен юғары баһалай, «Ниндәй гүзәл кеше!» тип һоҡлана. Байтаҡтарға, бигерәк тә уҡытыусыларына ҡарата ошо Һүҙҙәрҙе әйтә ул: «Ниндәй гүзәл кеше!» Башҡаларға ла, үҙенә лә бик талапсан. Шул уҡ ваҡытта тормошта иң элек яҡшылыҡты күрергә тырыша. Йәш уҡытыусы Мәрйәм Ғималова Рәмиҙәрҙе ни бары бер йыл – унынсы класта уҡытып ҡала. Әммә Рәми өсөн йылдың да ниндәйе бит! Уңыштар яулана, тәүге шиғыры баҫылып сыға. Хәҙер уның шиғырына тиҫтерҙәре Бәхти Ғайсин, Рафаэль Сафин, Минулла Дәүләтбаев (Дәүли) бер нисә көй сығаралар, шул яңы йырҙарҙы, марштарҙы кисәләрҙә ишеттерәләр. Ҡыуаныстар байтаҡ. Ләкин мөхәббәт ғазаптары, олағып сығып китеү, математиканан артта ҡалыуҙар ҙа ошо йылда бит. Ауыр саҡтарында уны иң ныҡ аңлағаны, ярҙам итергә ашыҡҡаны – Мәрйәм Ғималетдин ҡыҙы Ғималова. Рәми уны «шағир йөрәкле уҡытыусы», ти. Сығарылыш имтихандары алдынан Рәми Ғарипов бөтә көсөн уҡыуға туплай, көслө ихтыярын ошо оло маҡсатҡа йүнәлтә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, һынауҙарҙың барыһын да уңышлы үтеп сыға. Тантаналы сығарылыш кисәһе тормошондағы иң бәхетле мәлдәрҙән булып хәтерендә һаҡланасаҡ. Мәғариф министры Сәғит Әлибаев, шағир Ғәйнан Әмири, ҡала етәкселәре, журналистар килгән кисәлә ул «Аттестат алғанда», «Уҡытыусыма», «Дуҫтарға» шиғырҙарын уҡый. Уның йыры, башҡортса тәүге тыныслыҡ маршы яңғырай. Үҙе хаҡында Рәми ҡыуанып та, ғорурланып та «Йәш пилот һәм өлгөргән кеше» тип уйлай, ошо һүҙҙәрҙе дәфтәренә теркәп ҡуя. Тик һин гүзәл бар донъяла, Иркен, киң тыуған илем! Мең йыл йәшәп булғанда ла Мин йәшәп туймаҫ инем, – байрам кисәһендә «Дуҫтарға» шиғырындағы ошо һүҙҙәрҙе нисек илһамланып уҡығайны. Күңелле кисә ҡыҙғандан-ҡыҙа, ә Рәми буласаҡ профессия тураһында уйлана. Осоусы хаҡындағы хыялдар хыял көйө ҡалыр, күрәһең. Врач һөнәре лә ҡыҙыҡтыра. Педагогия институтын бөтөрөү, унан аспирантураға инеү – был ниәтте лә тормошҡа ашырып булыр ине. Тарих, фольклор, лингвистика, археология – һәр береһе ни тиклем ҡыҙыҡлы. Алда һайлаясаҡ юлы тураһында был кисәгә тиклем ул күпме тапҡырҙар уйланды. «Минең профессиям ул бөтәһенең дә бергә булған тупланмаһы. Был иң ғазаплы, иң ҡайнар, көндәрҙе лә, төндәрҙе лә, арыуҙы ла, талыуҙы ла һәм ял итеүҙе лә белмәй торған эш. Ул һайлап ала торған профессия түгел. Мин унан ҡотолорға ла теләп ҡараным. Ләкин булдыра алманым. Мин уны түгел, ә ул мине үҙе һайланы төҫлө. Быға мине тормош үҙе көсләй. Һәм мин яҙмайынса булдыра алмайым. Әгәр ҙә мине унан мәхрүм итһәләр, миңә йәшәп тороуҙың кәрәге лә ҡалмаған булыр ине. Тик ҡәләмем менән генә мин үҙем теләгән һәм халҡым көткән тиклем файҙалы була аласаҡмын... Эйе, тик ҡәләмем менән генә... Ләкин мин ғәҙәттән тыш тулҡынланам. Минән яҙыусы сығасаҡмы, юҡмы? Мин кешеләрҙең рух инженеры була аламмы һуң?» Был юлдарҙы Рәми быйыл йыл башында уҡ яҙып, яңынан ҡат-ҡат уҡып, аҫтына һыҙып ҡуйғайны. Ошо хаҡта уға тиклем дә күпме уйланды, унан һуң күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе. Бөгөн килеп, тамам инанды: киләсәк яҙмышы әҙәбиәттән, ижадтан айырылғыһыҙ. Ҡулдарына аттестат алған шат йөҙлө уҡыусылар таңды Салауат баҡсаһында ҡаршыланы. Ағиҙелдең бейек ярынан ниндәй киңлектәр асыла, йәшеллеккә сумған матур донъя үҙенә әйҙәй. Рәмиҙең күҙ алдына ҡапыл тыуған яҡтары килеп баҫты. Арҡауылын, Йүрүҙәнен, Ҡаратауын күргеһе, шатлығын әсәһе, туғандары менән тиҙерәк уртаҡлашҡыһы килде. Аҡланымы ул яҡташтарының ышанысын? Бушҡа булманымы үҙенең сикһеҙ өмөт хыялдары? Сабата кейгән ауыл малайының Өфө тауҙарына беренсе ҡабат күтәрелгәненә дүрт йыл ғүмер үтеп тә киткән. Яҡташы бөйөк Салауат Юлаев ғәскәр менән яулап ала алмаған был ҡалаға Рәмил нисек ятһынып та, ашҡынып та килеп ингәйне. Шул саҡтағы уйҙарына, маҡсаттарына хыянат итмәнеме? Бына бөгөн ул баш ҡаланың Салауат баҡсаһында ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған ун һигеҙ йәшлек егет булып иптәштәре менән таң ҡаршылай. Тотҡон Салауат Өфөнө аяҡ-ҡулдары бығаулы көйө күргән, Башҡортостан буйлап, нисәмә урындарҙа ҡамсы менән һуҡтырып, язалап йөрөткәндән һуң тәне тотош ҡанлы яраға әйләнгән егетте бындағы төрмәнең таш иҙәненә ырғытҡандар. Йәйҙәрен дә, ҡыштарын да тыуған яҡтарында булып, яңы дәрт, яңы сәм менән Өфөгә әйләнеп ҡайтҡанда батыр шағирҙың ғазаптары хаҡында Рәми ҡат-ҡат уйлана, күңелендә уның ниндәйҙер серле аманатын тоя торғайны бит. Бөгөнгө таңда ошо кисерештәр тағы ла йөрәген ярһытты. Башҡортостан ир-егеттәренең ҡанына һуғарылған Украина далалары, Сталинград харабалары иҫенә төштө, атаһының тауышы васыят һымаҡ ишетелеп киткәндәй булды. Салауаттың аманатын, атаһының васыятын, әсәһенең өмөтөн, яҡташтарының ышанысын нисек аҡларға? Яңы көн күпме һорауҙары, ҡыуаныстары һәм хафалары менән сәләмләй. Рәми Ғарипов үҙенең тормошондағы иң ихлас һәм гонаһһыҙ уй-кисерештәр менән мөлдөрәмә тулышҡан тотош бер саф дәүерҙең бөгөн тамамланғанын әле ҡайҙан белһен? Икенсе бүлек Һаумы, Мәскәү! Мәскәүгә, бары тик Мәскәүгә! Һөйөклө Башҡортостандың баш ҡалаһынан бөйөк СССР-ҙың баш ҡалаһына! Мәскәүҙә атаҡлы уҡыу йорттары күп, нәҡ Әҙәбиәт институтына! Баш ҡаланы фашистар һөжүменән һаҡлап, тиңдәшһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп һәләк булған панфиловсылар тураһында уҡығанда «Сигенер урын юҡ: артта Мәскәү!» тигән һүҙҙәр Рәмиҙең хәтеренә ныҡ уйылып ҡалғайны. Был ҡанатлы оран барлыҡ донъяға ишетелгәйне, ҡаһармандарҙың изге аманатына әйләнгәйне. Әле Өфө – Мәскәү поезында талғын ғына бәүелгәндә Рәми политрук Клочковтың ошо афоризмын үҙенсә үҙгәртеп ҡабатлай: «Сигенергә юл юҡ: алда Мәскәү!» Ҡарар ҡәтғи, шикләнер сәбәптәр табылһа ла, үҙгәртергә һис кенә лә хаҡы юҡ. Юлсы үҙенең юлының тәүге яртыһында күберәк уны оҙатып ҡалғандар тураһында уйлай, икенсе өлөшөндә уны көткәндәрҙе күҙ алдына килтерергә тырыша тигән Лев Толстой. Өфө вокзалында шаулашып-гөрләшеп оҙатып ҡалыусылар булманы. Быйыл уның менән мәктәпте тамамлап сыҡҡан һабаҡташтарының һәр береһенең был көндәрҙә үҙ хәстәре башынан ашҡан. Төрлөһө төрлө институтҡа имтихан бирергә әҙерләнә. Өфөлә ҡалғандары ла, Башҡортостандан ситкә таралғандары ла бар. Рәми Ғарипов Дон далаларында Башҡорт атлы дивизияһы эҙҙәре буйлап күпме юлдарҙы бергә үткән, мәктәптә яҡындан аралашып йәшәгән Әсғәт Әшрәпов менән Мәскәүгә юлланды. Икеһе лә бик күптәр өсөн бөтөнләй ят булып ишетелгән уҡыу йорттарын һайлаған: Рәми – Әҙәбиәт институтында, Әсғәт Кинематография институтында уҡырға хыяллана. Поезд ҡуҙғалып киткәнсе үк Рәмиҙең уйҙары түҙемһеҙләнеп Мәскәү яҡтарына ашҡынып осһа ла, әсәһенең, туғандарының йөҙө, тыуған яҡ күренештәре әленән-әле күҙ алдына килә, яңынан һағындырып үҙенә тарта. Өфө тиклем Өфөлә өлгөргәнлек аттестаты алып ҡайтҡан егетте ауыл халҡы ихлас ҡунаҡ итергә, аралашып ҡалырға тырышты. Арҡауылда ул оҙаҡ тормаҫ, әллә ҡайҙарға осор ҙа китер. Осоу тигәндән, Рәмиҙең аэроклубҡа йөрөүе, летчик булып һауаға күтәрелеүе яҡташтарын, бигерәк тә тиҫтер иптәштәрен хайран итә. Рәми уларға «Пилот яҙмалары»н уҡырға биргәйне. Уҡып сыҡҡас, аптырауҙары тағы ла нығыраҡ артты. «Ысынлап та осҡанһың бит! Нисек осоп төшмәгәнһең?! Ҡурҡыныстыр, әй?» – тип, ғәжәпләнеп һорашалар. Мәктәптәге сығарылыш имтихандарындағы үтә көсөргәнешле көндәрҙән һуң ауылдағы иркенлектә Рәми үҙен ҙур баҫымлы диңгеҙ аҫтынан атылып килеп сыҡҡан кеше һымаҡ тойғайны. Бындағы күңелле, рәхәт тормош көн дә иртән Йүрүҙәнгә һыу инергә йүгереп, ҡунаҡ булып ҡына үтмәне. Мөхтәр Ауэзовтың «Абай» романын уҡыуын дауам итте. Сталиндың тел тураһындағы мәҡәләләрен өйрәнде. Унда аңлашылмаған нәмәләр күп. Әммә иң ныҡ ғәжәпләндергәне, үҙе әйтмешләй, «Күккә күтәрелгән Марр бөтөнләйгә тар-мар». Ҡаратауға һалға барыуҙар донъяның күпме ҡыҙыҡ яҡтарын асты. Рәми һалдың бөтә өлөштәренең нисек аталыуын белергә теләп, ағайҙарҙан туҡтауһыҙ төпсөнгәйне. Белмәгәндәрен үҙенсә атарға тырышты. Яратҡан уҡытыусыһы Мәрйәм Ғималоваға ауылдан яҙған хатында был йәмле йәйҙе ул ошолай бәйән итте: «Ҡояшта янып бешеүгә генә лә бында хаҡ түләрлек. Ә Йүрүҙән таң ҡалдырғыс бер ҡат күреүҙән! Урмандың төнөн, ундағы мәк кеүек алланып таң атыуын, ҡояш сығып, бер-береһенә күңелле әкиәт һөйләшеп ултырған ҡарағайҙарҙы, «уҫаҡ-егеттәрҙе», «ҡайын-ҡыҙҙарҙы» ҡыҙыл күлдәк кейҙергән һәм иркәләгән көмөш ысыҡлы иртәләрен күҙәтеү – үҙе бер ғүмер. Әйтерһең, кешеләрҙе таң ҡалдырған шиғыр яҙғандан һуң булған рәхәтлек! Ҡыҙыл сәкмән кеүек йәйелеп ятҡан еләклек, ҡыҙыл муйыл, телеңде йоторлоҡ татлы сейә урмандары! Һулап туймаҫлыҡ саф һауала сәскәләрҙең хуш еҫтәре, сәскәләр араһында тәгәрәп, энә осондай ҙа болото булмаған зәңгәрһыу күккә ҡарап ятыу...» Был юлдарҙы уҡығас, үҙең шул матурлыҡ илендә йөрөгән һымаҡ булаһың. Башҡортостан тәбиғәтен шағир ҡарашы менән тасуирлау был хозурлыҡҡа үҙенсә йәм өҫтәгәндәй. Тормош-көнкүреш хәлдәрендә Рәми шиғриәт менән уртаҡлыҡ күрә. Мәҫәлән, ошо уҡ хатында: «Һалды таралмаҫҡа бәйләп рифмалаштыралар», – тип яҙа, Маяковскийҙың «Сөнки рифма фекерҙе бер-береһенә бәйләй. Рифмаһыҙ шиғыр тарҡала» тигән һүҙҙәрен өҫтәй. Тормошондағы иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙе лә ижадҡа, әҙәбиәткә бәйле күренештәр менән сағыштыра. «Ике ҡабат Ҡаратауға һалға барып ҡайтыу минең өсөн М. Кәримдең шиғырҙарын уҡығандағы кеүек тәьҫир итте», – ти ул уҡытыусыһына яҙған хатында. Йәмле иртәгә ҡарап кинәнеүҙе шәп шиғыр яҙғандан һуң булған рәхәтлек менән сағыштырыу ҙа шул ижад тип хыялланып йәшәүҙең ғәләмәте түгелме ни? Хаттағы бындай урындарҙа мөғәллимәһе алдында нисек тә белемлерәк, шағирыраҡ булып күренергә тырышыуы ла тойолған һымаҡ. Уныһы ла барҙыр, ижад өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған йәш кеше өсөн уныһы ла яҙыҡ түгел. Хәҙер Рәми өсөн күп нәмәләр буталған. Белмәҫһең, әллә ул шиғри юлдарҙы, образдарҙы аңдый, әллә шиғырҙар үҙҙәре уны эҙәрлекләй. Әммә егет төп маҡсатын ап-асыҡ белә: Әҙәбиәт институтына инергә! Имтихандарҙы нисек тапшырыр? Былай ҡутарылып сығып китеүҙәр бушҡа ғына булмаһын ине. Мәскәүгә яҡыная барған һайын был һорауҙар нығыраҡ борсоно. Ошо хафалар башҡа төрлө уйҙарға урын ҡалдырманы тиерлек. Тыуған яҡтар, тыуған интернат күҙ алдына: «Уҡырға инә алмаһам, әсәйемдең, уҡытыусыларымдың, иптәштәремдең күҙҙәренә нисек ҡарармын?» тигән һорау булып килеп баҫа. Ул көнгә ҡалырға ярамай. Еңергә тейеш, еңелергә хаҡы юҡ. Барлыҡ тырышлығын, зиһенен, белемен, ихтыярын бер маҡсатҡа тупларға тейеш. Ошо хаҡта ҡат-ҡат уйлағанда йәш юлсының ҡарашы үткерләнеп, ҡырыҫланып китә, ирене нығыраҡ ҡымтыла. Вагонда халыҡ ҡуҙғала башланы: етеп киләләр. Мәскәү янындағы перрондар тәҙрәнән йыш-йыш күренеп ҡала. Халыҡ әйберҙәрен йыя, ә Рәмиҙең әллә ни оҙаҡ йыйынаһы юҡ. Ул Өфөгә 1946 йылдың йәйендә килеп төшкәнен ҡапыл хәтерләне. Ҡалаға сабатала килеп ингәйне. Юл тоҡсайындағы иң ҡәҙерле нәмәһе – яңы яҙа башлаған көндәлектәре менән тәүге шиғырҙары, «Кескәй партизандар» балладаһы ине. Шул саҡта юғалып ҡалмағанды, бөгөн ниңә еңеп сыҡмаҫҡа тейеш? Көндәлектәр шул тиклем күп йыйылған: үҙе бер бәләкәй генә ҡулъяҙма китапхана, унда «Дон далаларында» тигән сәйәхәтнамә лә, «Пилот яҙмалары»ла бар, күпме шиғырҙары, бөйөктәрҙең аҡыллы фекерҙәре тупланған. Кеҫәһендә өлгөргәнлек аттестаты, СССР гражданины паспорты. Былар барыһы ла уға көс биреп торған һымаҡ. Яуаплылыҡ тураһында нығыраҡ иҫкәрткән һымаҡ. Шаулап торған Ҡазан вокзалында Рәми Ғарипов, ныҡлы аҙымдар менән һалмаҡ атлап, халыҡ ташҡынына ҡушылып китте. Инер өсөн һынауҙарҙы Рәми бик уңышлы бирҙе. Немец теленән генә дүрт, ҡалғандары бишкә тапшырылды. Әҙерләнергә буш ваҡыт бөтөнләй бирмәнеләр, экзамендар алты көн рәттән барҙы. Мәктәптә күпме имтихандар үтергә тура килһә лә, Рәмиҙең был тиклем тулҡынланғаны, былай ҡурҡҡаны юҡ ине. Ҡурҡҡан эш хәйерле була тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең. Әҙерләнергә ваҡыт ҡалмаһа ла, һәр фән буйынса төрлө һорауҙар биреп, бик ныҡ тикшерһәләр ҙә, интернат уҡыусыһы барыбер еңеп сыҡты. Башҡортостан исеменә, уҡытҡан уҡытыусылары исеменә тап төшөрмәне. Мәскәүҙең үҙенә килеп, шундай уңыш яуланы. Рәмиҙең быға тиклем үҙенән, үҙенең эшенән ошолай ҡәнәғәт булғаны юҡ ине. Артабанғы хәлдәрҙе тулыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн Рәмиҙең Мәрйәм Ғималоваға яҙған икенсе хатынан өҙөк килтерәйек: «Һуңғы экзаменды биргәс, комиссияға саҡырҙылар. Ун икеләп кеше уртала торған башҡортто тишерҙәй итеп ҡарай. — Отметкалары нисек? – ти директор секретарға. — Беҙҙең отличник, – ти секретарь. — Беҙҙә уҡырға бик теләйһеңме? – тине директор бик ентекләп. Мин оҙаҡларға теләмәнем. — Башҡаса юл юҡ миңә, – тинем. Көлөштөләр. — Хәҙер ҡайтаһыңмы? — Юҡ, минең ҡайтырға аҡсам да юҡ, детдом да ябыҡ миңә. Берәй совхозға эшкә китәм. Ләкин эш миңә бында ла таптылар. Маляр! Мин тамаҡ өсөн шатланып риза булдым». Оло остаздар алдында уларҙың буласаҡ шәкерте ҡаушап ҡалмай. Улар менән ышаныслы, тыныс һөйләшә. Мәскәүҙәге тормош матур башланып китә. Ун көн эсендә Рәми бик күп нәмәләр күреп өлгөрә. Уҡырға килгән төрлө милләт йәштәре менән аралаша. Болгарҙың да, карелдың да, молдавандың да, төрөкмәндең дә шиғырҙарын шул телдәрҙә тыңлай. Чайковский исемендәге консерваторияның ҙур залында Корея яҙыусылары менән осрашыуҙа була. Бик күп совет әҙиптәрен үҙ күҙе менән күреп, үҙ ҡолағы менән ишетә. Ошо уҡ кисәлә Ғилемдар Рамазановты осрата. Был хаҡта Рәмиҙең хатында ошондай юлдар яҙылған: «Ни тиклем ҙур байрам ине был көн минең өсөн. Башҡорт телендә рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Икенсе көндә ул минең «Йәшлек»те уҡыны һәм беҙ бик дуҫлашып киттек». Ләкин күңелле көндәр оҙаҡҡа бармай. Рәмиҙең Өфөгә ҡайтып, ҡыуанысын уртаҡлашып әйләнеп килергә генә түгел, бында йәшәргә лә аҡсаһы ҡалмай. Тағы ла интернаттағы сығарылыш кисәһе иҫенә төшә. Унда «Уҡытыусы» һәм «Тәрбиәсе» шиғырҙарын уҡығандан һуң, директор уға бөтөнләй ҡырағайлана. Бәлки, үҙе тураһында «Директор» тигән шиғыр көткәндер. Ә бит Рәми был етәксене хөрмәт итә ине, көндәлегенә лә: «Ниндәй гүзәл кеше!» тип яҙып ҡуйғайны. Ләкин хушлашыр саҡта хужа бик үк мәрхәмәтлек күрһәтмәй. Алыҫ юлға сыҡҡанда Рәмиҙең кеҫә яғы бик шәптән булмай. Бер нисә көндән һуң Мәскәүҙә ул аслы-туҡлы йәшәй башлай. Нәҡ ошо ауыр ваҡытта Мәскәүҙә япа-яңғыҙы ҡалған етемдең юлына Аллаһы тәғәлә, әйтерһең дә, Хызыр Ильясты сығарып ҡуя. Рус шағиры Федор Сухов Рәмиҙе үҙенең тыуған ауылына алып ҡайтып китә. Шиғриәттәге уңыштарҙы Федор Сухов киләсәктә яулаясаҡ. Әлегә ул Әҙәбиәт институтының өсөнсө курс студенты, Ҡырымдан ижади командировканан ҡайтышлай ятаҡта туҡтаған. Бөйөк Ватан һуғышындағы мәхшәрҙәрҙе үҙ яҙмышында кисергән был яугирҙең тормошҡа ҡарашы һынсыл, кешеләргә мөнәсәбәте мәрхәмәтле. Рәмиҙе ул өс көн буйы күҙәтеп йөрөй. Уның ауыр хәлен аңлап, үҙе башлап һөйләшә. Егеттең күңелен йыуатырлыҡ йылы һүҙҙәр әйтә, һәйбәт уҡыясағына ышандыра. «Әйҙә, сығып йөрөп керәбеҙ. Яратам мин яҡшы кешеләрҙе», – тигәс, Рәми өсөн ҡапыл ҡояш сығып, донъяһы яҡтырып киткәндәй була. Яңы юлдашы унан шиғырҙарын башҡортса уҡыуын һорай. Йәш аралары ла әллә ни ҙур түгел. Яугир-шағирға ни бары егерме ете йәш. Федор Суховтың артабанғы һүҙҙәре тағы ла нығыраҡ ҡанатландырғыс: «Әйҙә, мин һине Горькийҙың тыуған еренә алып ҡайтам, – ти ул. – Горькийҙа музейҙарға, Каширин йортона барырбыҙ. Уҡыу башланғансы, беҙҙең ауылда торорһоң. Яҙырға, уҡырға рәхәт унда. Алма ла күп беҙҙә!» Максим Горькийҙың тыуған ерендә булыу! Иң яратҡан яҙыусың йәшәгән йортто күреү, уның бала саҡ һуҡмаҡтарынан атлау! Был хаҡта Рәми хыялланырға ла баҙнат итмәй ине лә баһа. Ауыр саҡтарҙа Рәми өсөн Максим Горький иң ышаныслы таяныс булды, хыялында уның менән әңгәмәләр ҡороп, көндәлегенә диалог итеп теркәгәйне, уның күпме китаптарын уҡығайны. Бына яҙмыш уға ниндәй бәхет бүләк итә – бөйөк Горький исемен йөрөткән ҡалаға һәм әлкәгә сәйәхәт! Тормошта күп нәмәләр осраҡлы ғына килеп сыҡҡан һымаҡ. Әгәр Әҙәбиәт институты ятағында Федор Рәмиҙе күрмәһә, күреп тә ярҙам ҡулы һуҙмаһа, Горькийҙың тыуған төйәгенә был сәйәхәт килеп сыҡмаҫ ине. Ләкин барыһы ла осраҡлы ғынамы икән? Тәҡдирҙең әҙәм аҡылы бер ваҡытта ла серҙәрен белә алмаҫлыҡ үҙ ҡанундары бар. «Маңлайҙарға яҙған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән» тип, ерле юҡтан әйтмәгәндәр. Рәми Ғариповтың рухи тормошона Горькийҙан да нығыраҡ тамырланған башҡа әҙипте атауы ҡыйын. Йәш кешенең донъяға ҡарашы, йәшәү принциптары формалашыуҙа Горький ғәйәт ҙур көскә әйләнә. Бында, әлбиттә, Рәми үҫкән замандың, ижтимағи шарттарҙың үҙенсәлеген, яңы быуынды тәрбиәләүҙә сәйәси талаптарҙың хәл иткес йоғонтоһон да иҫтән сығарырға ярамай. «Человек – это звучит гордо!» – был һүҙҙәрҙә Горький ижадының бар булмышы, уның фәлсәфәһенең төп асылы бик тапҡыр әйтелгән. Был атаҡлы девизды юғары пафос ҡына түгел, тормошҡа яҡты гуманистик мөнәсәбәт, кешене ихлас яратыу тыуҙырған. Ошондай сифаттары менән романтик һәм философ Максим Горький донъя әҙәбиәтенә ҡабатланмаҫ ҡанатлы рух өҫтәне, шәхестең үҙ-үҙенә ышанысын арттырҙы. Тәүге әҫәрҙәрен уҡый башлағандан уҡ Рәмиҙе Горький ошо яҡтары менән арбаны. Китаптан китапҡа был бәйләнеш нығына барҙы. Әҙәбиәт институтында уҡыуҙар башланыр алдынан йәш башҡорт шағирының Волга буйҙарына сәфәре уның яҙмыш ҡушыуы буйынса остазы Горькийҙан фатиха алырға, ҙур эштәргә тотонғанға тиклем уға баш эйергә килеүелер, бәлки. Бындай тәрән мәғәнәле тап килеүҙәр осраҡлы ғына булмай. Тик беҙ уларға иғтибар итеп еткермәйбеҙ. Был хаҡта Рәми ҙә, моғайын, уйланмағандыр. Әммә тыуған ерҙәрендә йөрөгәс, Горькийға булған мөхәббәте рухына нығыраҡ тамырланғандыр. Федор Сухов та үҙенең бөйөк яҡташын ныҡ хөрмәт итә, уның хикәйәләрен яттан уҡый. Уның Горький, Маяковский, Блок, Есенин тураһында һөйләгәндәрен Рәмиҙең ғүмерҙә ишеткәне юҡ. Интернатта туҡтауһыҙ уҡыһа ла, әле бик аҙ белгәнлеген ул нығыраҡ аңлай. Ҡайҙа барһа ла, көндәлек яҙмалары үҙе менән. Федорҙарҙың ауылында Владимир булып йөрөгән көндәрҙә Рәми «Йәшлек»тең байтаҡ урындарын яңынан эшләй, ҡыҫҡарта. Төндәрен дә эшләп ултырҙы ул. «Йәшлек» романы өсөн яҙмалар ҡайһы саҡта үтә бер ҡатлы тойола. Шиғырҙарҙың да ҡайһы бер биттәрен арҡыс-торҡос һыҙғылай. Мәктәптән айырылғанға күпме генә ваҡыт үткән, ә ошо арала шиғырҙарҙың йомшаҡлығы нығыраҡ күренә. Элек уларға былай уҡ рәхимһеҙ ҡарай алмаҫ ине. Шау йондоҙло август төндәрендә күккә ҡарап туйғыһыҙ. Алыҫта пароход тауыштары ишетелә. Тағы ла тынлыҡ. Һирәк-һаяҡ алмаларҙың ағастан өҙөлөп төшкәне был тынлыҡта һиҫкәндереп ҡуя. Күктә бер-береһе менән ярышып тигәндәй йондоҙҙар атыла. Рәми йондоҙ иләүенә һоҡланып туя алмай. Күкте телеп, тағы ла бер йондоҙ атылды. Ерҙә кеше тыуһа, яңы йондоҙ тоҡана тиҙәр. Бынау бихисап йондоҙҙар араһында ҡайһыһы Рәмиҙеке икән? Был сер асылырлыҡ түгелдер. Ғәләмәт йыһанға ҡарап, ул әле шиғриәт көмбәҙе тураһында уйлана. Ниндәй тылсым менән ҡабына шиғриәт күгендә яңы йондоҙҙар? Ижад серҙәрен өйрәнәм тип Мәскәү һынлы Мәскәүгә килеп еткән Рәми Ғариповты әҙәбиәт донъяһында нимәләр көтә? Горький әлкәһенең Красный Оселок ауылы тағы ла бер яғы менән ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалыр. Тыуған яҡтарына саҡырғанда Федор: «Беҙҙә алма күп», – тигәйне. Ысынлап та шулай икән. Быйыл ағастар мул уңыштан һығылып ултыра. Алмалары береһенән-береһе тәмле, үҙҙәре саҡырып тора. Рәми был татлы ризыҡ менән шул тиклем һыйлана ки: алманан ғүмерлеккә бүгә. Бындай хәл уның тормошонда икенсе тапҡыр ҡабатлана. Һуғыш ваҡытында бер йәй Арҡауылда бал бигерәк күп булғайны. Тик икмәк кенә аҙ, уны һирәк күрәләр ине. Йомарт умартасы шул йәйҙе Рәми менән иптәштәрен бик ихлас һыйлағайны. Нисек тә тамаҡтарын туйҙырғыһы килгәндер инде. Ас малайҙарға етә ҡалды, балға һағыҙаҡ урынына ябырылдылар. Яңы балды самаһыҙ ашап, эҫе көндө хәтфә үләнгә әлһерәп йығылғандар. Уларҙы йоҡоларынан саҡ уятҡайнылар. Рәмиҙең балдан бүгеүе шулай булғайны. Хәҙер килеп, алманан бүкте. Әммә икмәктән, һыуҙан әҙәм балаһы бер ваҡытта ла бүкмәй. Рәми өсөн ошо икмәк менән һыу һымаҡ ғүмерҙә бүктермәҫ тағы ла бер мөғжизә бар. Ул мөғжизә – шиғриәт. Рәми Ғариповтың тормошонда өр-яңы осор башланды: 1950 йылдың 1 сентябренән ул Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Был уҡыу йортон уның байтаҡтан ишеткәне бар. Һигеҙенсе кластан һуң Башҡорт атлы дивизияһы эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтышлай Мәскәүгә һуғылғандарында Әҙәбиәт институтын да күреп булыр тип өмөтләнгәйне. Унынсыла уҡығанда был турала Яҙыусылар союзында белеште. Инде байтаҡ әҙиптәргә яҡшы таныш булған, шиғыры журналда, газетала баҫылып сыҡҡан йәш авторҙың теләген унда хупланылар. Идара рәйесе, ғалим Әхнәф Харисов юллау ҡағыҙы яҙҙы, кәңәштәрен, хәйер-фатихаһын бирҙе. Әҙәбиәт институты 1933 йылда Максим Горькийҙың инициативаһы буйынса ойошторола. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзының ҡарамағында була. 1946 йылда был биш йыллыҡ уҡыу йортона Максим Горький исеме бирелә. Институттың төп маҡсаты – йәш яҙыусы көстәрҙе уҡытыу, тәрбиәләү тип билдәләнелә. Сәнғәттең төрлө тармаҡтарында йәш таланттарҙың оҫталығын камиллаштырыу өсөн ойошторолған төрлө консерваториялар, студиялар, сәнғәт институттары, художество академиялары һ.б. борондан эшләгән. Уларҙың бай традициялары барлыҡҡа килгән, ҡайһы берҙәренең даны донъяға таралған. Ижадтың башҡа өлкәләрендә йәштәрҙе уҡытыу, тәрбиәләү йүнәлешендә байтаҡ тәжрибә тупланһа ла, яҙыусылыҡ хеҙмәтенең серҙәрен өйрәнеү буйынса махсус мәктәп булдырыу донъя практикаһында әлегә тиклем булғаны юҡ ине. Дөрөҫ, егерменсе йылдар башында билдәле рус шағиры Валерий Брюсовтың Юғары әҙәби-художестволы курстары эшләп алды һәм үҙ эҙен ҡалдырҙы. Ләкин Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институты был тәңгәлдә беренсе ҙур ынтылыш, әйтергә кәрәк, тәүәккәл аҙым булды. Бында ниндәйҙер ҡыҫҡа ваҡытлы курстар менән генә сикләнмәйенсә, эш аныҡ программаларға, ныҡлы системаға нигеҙләнеп, юғары уҡыу йорто кимәлендә башлап ебәрелде. Донъя һәм рус әҙәбиәте тарихын, әҙәби ижадтың үҙенсәлектәрен өйрәнеү менән бергә киң гуманитар белем биреү, сәнғәт нигеҙҙәре, эстетик тәрбиә төп маҡсат итеп ҡуйылды. Мәскәүҙең бай мәҙәни үҙәктәре менән даими таныштырыу шулай уҡ студенттарҙың белем һәм зауыҡ байлығын арттырырға тейеш ине. Әҙәбиәт институты утыҙынсы йылдарҙа СССР-ҙағы мәҙәни революция тулҡынында тыуҙы. Был осорҙа «Литературная учеба», «Литературный критик», «Литературный современник» һымаҡ журналдар сыға башланы. СССР Яҙыусылар союзы, республикаларҙа яҙыусылар ойошмалары, башҡа ижади берлектәр барлыҡҡа килде. Революциянан һуң төҙөлгән бик күп әҙәби музейҙарҙың эше йәнләнде. Күп томлы әҙәби энциклопедиялар баҫылды. Илдә наҙанлыҡты бөтөрөү, халыҡта әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, китапты пропагандалау менән бергә уҡыусыларҙың үҙҙәрен ижад эшенә тартыуға ла ҙур иғтибар бирелде. Матбуғатта юнкор, селькор, рабкорҙар яҙған хәбәрҙәр йыш баҫылды. Эшсе-шағир, крәҫтиән-шағир тигән исемдәр үҙҙәре әҙәбиәткә тормоштоң ниндәй ҡатламдарынан яңы көстәрҙең килергә ынтылыуын күрһәтеүсе миҫалдар. Әҙәбиәткә иғтибарҙың ошолай көсәйеүе, хатта был хаҡта махсус партия ҡарарҙарының ҡабул ителеүе ижади процестарға тейешле сәйәси йүнәлеш биреү, кәрәкле ҡалыптарҙа тотоу ихтыяжынан да тыуғайны, әлбиттә. Хәҙер совет осорондағы әҙәби һәм башҡа ижади хәрәкәтте бары сәйәси етәкселек йоғонтоһо менән аңлатыуҙар, ул замандағы барлыҡ ижади көстәрҙе йүгәнләгән-ауыҙлыҡлаған итеп күҙ алдына килтерергә тырышыуҙар иң объектив ҡараш дәрәжәһенә дәғүә итә. Йәнәһе, иң дөрөҫөн улар ғына әйтә. Һүҙ ҙә юҡ, бер генә дәүерҙә лә әҙәбиәтте, сәнғәтте дәүләт үҙенең сәйәси йоғонтоһонан ситтә ҡалдырмаған. Совет заманында ла, башҡа осорҙарҙағы һымаҡ уҡ, ижади үҫеш төрлө сикләүҙәргә дусар булған. Улай ғына ла түгел, күпме яҙмыштар имгәтелгән, утыҙынсы йылдарҙағы сәйәси террорҙа күпме көстәр һәләк ителгән. Шул уҡ ваҡытта мәҙәни революцияның ҡаҙаныштарын, милли матбуғаттың, әҙәбиәттең үҫешен, яңы ижади көстәрҙе тәрбиәләүгә иғтибарҙың артыуын һис кенә лә инҡар итергә ярамай. Әҙәбиәт институтында уҡый башлаған Ғариповты һәр көн хайран итә. Лекцияларҙа атаҡлы профессорҙарҙы йотлоғоп тыңлай, аҙаҡ уларҙың дәреслектәре буйынса әҙерләнә. Тел ғилемен Александр Реформатский алып бара. Электән дә телдең тылсымлы көсө тураһында күпме уйлана торғайны Рәми, был хаҡта ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе уҡып та ҡарағайны. Хәҙер был мәсьәләләрҙең бөтә илде шаулатҡан сағы, Сталиндың тел буйынса яңы хеҙмәтен мәктәптәрҙә лә өйрәнәләр. Реформатскийҙың һөйләгәнен башҡорт студенты урынынан ҡуҙғалмайынса аҙналар буйынса тыңларға әҙер. Профессорҙың Ленинға оҡшаған ялтыр башы, әйтерһең дә, ҡояш, ә Рәми үҙен ошо ҡояш артынан боролған көнбағышҡа оҡшата. Әҙәбиәт теорияһынан ошо исемдәге китаптың авторы Геннадий Поспелов уҡыта. Кистәрен Рәми Әхнәф Харисовтың «Әҙәбиәт теория»һын яңынан ҡулға ала. Көн һайын ғилеменең ошолай арта барғанын күргәнгә донъяла унан да бәхетлерәк кеше юҡ кеүек. Көн һайын «лекциянан бөтөнләй яңырып, еңеләйеп һәм ҡайҙалыр осаһы, осаһы килеп сыға». Рәмиҙе шиғриәт тә, проза ла, тәнҡит тә ҡыҙыҡһындыра. Бындағы уҡыуҙың тағы ла бер үҙенсәлекле яғы – ижади семинарҙарҙа шөғөлләнеү. Шунда әҫәрҙәр тураһында фекер алышалар, бер-береһенең ҡулъяҙмаларын тикшерәләр. Интернатта саҡта әҙәби түңәрәктең ултырыштарына йыйылғандары иҫкә төшә. Ләкин бындай һөйләшеүҙәр көн һайын тиерлек булып тора, талаптар ҙа күпкә ҡатыраҡ. Рәми поэзия семинарында. Ижади семинарҙарҙы танылған шағирҙар, прозаиктар алып бара. Уларҙың төркөмөндә Сергей Васильевич Смирнов етәксе. Һуғышҡа тиклем үҙе лә ошонда уҡыған. Мәктәптәге шау-шыу бында юҡ, студенттар күп түгел. Улар араһында фронтовиктарҙың да хәтһеҙ генә булыуы яңы мәктәптән килгәндәр өсөн айырыуса абруйлы. Улар менән бергә уҡып йөрөүе үҙе үк етди булырға иҫкәртеп торған һымаҡ. Институтҡа төрлө өлкәләрҙән һәм республикаларҙан йыйылғандар, хатта сит илдекеләр ҙә бар. Башҡортостандан Рәми бер яңғыҙы. Тимәк, уға ҡарап уның өлгәшеүен, тәртибен баһалап, уның халҡы, республикаһы тураһында фекер йөрөтәсәктәр. Шуға күрә илдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә кәрәк. Төрлө милләт студенттары менән аралашыу ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла. Тик йыш ҡына тыуған яҡ һағындыра, башҡортса һөйләшке, кемгәлер башҡортса шиғыр уҡығы килә. Рәмиҙең әле бер ваҡытта ла был тиклем яңғыҙ ҡалғаны, туған телде, башҡорт йырҙарын был тиклем ныҡ һағынғаны юҡ ине. Бындағы белем, бындағы аралашыуҙар башҡорт яҙыусыларына, бигерәк тә йәштәргә ни тиклем кәрәк. «Тиҙерәк, тиҙерәк минең янға иптәштәр, ең һыҙғанып эшләргә ашҡынған иптәштәр килһен ине!» – уҡыу башланғаны бирле ошо уйҙар тынғы бирмәй. Яҡын ҡәләмдәштәр менән бергә аралашҡы, фекерләшке, ижад шатлыҡтарыңды уртаҡлашҡы килә. Әлегә күберәк хат аша аралашырға тура килә. Әҙәбиәт институты Мәскәүҙең үҙәгендә Тверь бульварында урынлашҡан. Рәмиҙәрҙең уҡыған урындары ғына түгел, йәшәгән ерҙәре лә тотошлайы тиерлек ижади мөхит, торғаны менән яҙыусылар донъяһы! Студенттар СССР Әҙәби фондының Мәскәүҙән утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Переделкино яҙыусылар ҡасабаһында йәшәйҙәр. Рәмиҙәр Треневтың ике ҡатлы ағас дачаһында тора. «Любовь Яровая»ның авторы, Сталин премияһы лауреаты үҙе 1945 йылда вафат булғандан һуң ул торған йорт студенттар ятағына әйләнгән. Студенттарҙы үҙенә һыйындырған бындай йорттар байтаҡ Переделкинола. Исемдәре донъяға билдәле әҙиптәр ҙә ошондай дачаларҙа йәшәй, ижад итә. Әле Корней Чуковский осрай, әле Николай Тихоновҡа тап булаһың, әле Борис Пастернак күренеп ҡала, Мариэтта Шагинян үтеп китә. Һанай китһәң, әллә ни саҡлы. Күптәрен Рәми әлегә танып та еткермәй. Хатта СССР Яҙыусылар союзы етәксеһе, атаҡлы «Йәш гвардия» романының авторы Александр Фадеевтың үҙен күргән бар, дачаһы яҡында ғына. Иртән тороп ике километр станцияға йүгерергә, унан поезда Мәскәүгә, унан һуң институт, лекцияларҙан, семинарҙарҙан һуң китапханаға йәки башҡа төр эш-мәшәҡәттәр, яңынан Киев вокзалынан Переделкиноға... Ваҡытты еткереп булмай. Рәми Ғариповтың «Автобиография»һынан: «Так началась моя учеба в Литературном институте имени М. Горького, в этом лучшем институте мира, где я был первым студентом из башкир среди студентов, разных национальностей разных республик и разных стран и самым младшим по возрасту, т. к. в нашем курсе почти все студенты были фронтовиками. Я среди них был как «сын полка». Это был самый интересный период Литинститута, где все дышало прошедшей войной и где все кипело, горело спорами о послевоенной литературе, где весь воздух был насыщен стихами... Творческими семинарами руководили тогда такие мастера слова как Луговской, Сельвинский, Маршак, Антокольский, Коваленков, Паустовский, Катаев, Лидин, Ромашов, Крон, Перцов, Бялик, Озеров, Огнев и др. Своим творческим опытом делились Фадеев, Эренбург, Чуковский, Ауэзов, Злобин, Назым Хикмет, Неруда, Линдсей, Олдридж, Амаду и др. Я занимался в семинаре...» Ошо һүҙҙән һуң автобиография яҙылып бөтмәйенсә өҙөлөп ҡалған. Рәми Ғариповтың Сергей Смирнов семинарында шөғөлләнеүе хаҡында әйтелгәйне. Ут-һыуҙарҙы кискән фронтовиктар араһында йәше буйынса иң бәләкәйе булһа ла, «полк улы» уҡыуҙа һынатмай. Старттан уҡ үҙенең тырышлығын һәм һәләтен, маҡсатҡа ынтылышын һәм үҙ йәшенә хас булмағанса етдилеген күрһәтә башлай. Институт студенттары араһында төрлөләре бар. Ҙур тормош тәжрибәһе булған йәки бай эрудициялы һабаҡташтарына Рәми һәр саҡ ихтирам менән һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай. Йышыраҡ аралашырға, уларҙан өйрәнергә тырыша. Ундайҙар бик күп түгел. Бындағы уҡытыу системаһында күңелде ҡырырлыҡ хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Мәҫәлән, рус булмаған төркөмдә рус телен мәктәп дәреслектәре буйынса уҡыталар. Телде аҙ белгән ҡайһы берәүҙәр өсөн был кимәл бәлки тәбиғилер. Ләкин Рәми бындай китаптар менән генә сикләнеп ҡала алмай. «Рус телен өйрәнеү – һәр милләт студенты өсөн талапҡа әйләнергә тейеш», – Рәми үҙенә шундай маҡсат ҡуйған, белем алыуҙы ошо маҡсаттан тыш күҙ алдына килтерә алмай. Уның өсөн иң кәрәклеһе – үҙ алдыңа эшләй белеү, программала ҡаралған материалдарҙы уҡыу менән генә туҡтап ҡалмау. Һүҙлекте тотоп та ҡарамаған, йыл буйына ни бары ике-өс әҙәби китап уҡыған һабаҡташтары тураһында комскомитеттағы һөйләшеүҙә ҡатнашып, ул үҙенең принципиаль һүҙен әйтә. Шағирҙар – тик шиғыр, прозаиктар тик проза уҡый икән, бының менән килешергә ярамай. Эйе, Рәми Ғарипов Крылов исемендәге юғары стипендия алып уҡый, комсомол комитетына һайлана, уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә өлгөлө студент булып таныла. Һаман да талапсан режим менән йәшәй, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. «Насарҙар араһында беренсе булғансы, яҡшылар араһында һуңғы булыу яҡшы» тигән ҡағиҙәне онотмай. Мәктәп йылдарында яҡшы ғәҙәткә әйләнгән көндәлектәр алып барыу Мәскәүҙә лә дауам итә. Рәми Ғариповтың студент көндәлектәрен Таңһылыу Ҡарамышева ентекләп әҙерләп, айырым урындарын ҡыҫҡартып, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән сағында «Йәшлек» газетаһында баҫтырып сығарҙы. Улар 1990 йылдың беренсе ғинуарынан йыл буйына донъя күрҙе. Рәми Ғариповтың ижадын халыҡҡа тулыраҡ еткереү эшенә шағирә тос өлөш индерҙе. Айырым әҙип көндәлектәренең шулай баҫылып сығыуы башҡорт әҙәбиәте тарихында булғаны юҡ ине. 1998 йылда был яҙмалар шағирҙың өс томлыҡ әҫәрҙәренең икенсе томында урын алды. Мәскәү көндәлектәренең донъя күргән өлөшө 1951 йылдың сентябренән – Рәмиҙең икенсе курста уҡып йөрөгән сағынан башлана. Беренсе курста йыл буйына уның көндәлектәр яҙмай түҙеүе бик икеле. Был эште ул күргән-белгәндәрен теркәү өсөн генә түгел, башҡалар менән, үҙе менән фекерләшеү, йыш ҡына бәхәсләшеү, донъяның төрлө мәсьәләләре тураһында уйланыу өсөн алып барған. Шуға күрә бер йыллыҡ өҙөклөк Рәми Ғариповтың тәбиғәтенә бер ҙә тура килмәй. Был хеҙмәттең эҙмә-эҙлекле дауам иттерелгән булыуына шикләнмәҫкә мөмкин кеүек. Күрәһең, 1950 йылдың көҙөнән 1951 йылдың октябренә тиклемге яҙмалар ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында аяныслы яҙмышҡа дусар булған. Мәскәүҙәге тәүге көндәрҙән үк Рәми уҡыуға баштан-аяҡ сума. Профессорҙарҙың лекциялары береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, конспектлап барырға тырыша. Ижади семинарҙағы һөйләшеүҙәр айырыуса фәһемле: шиғри оҫталыҡ, һүҙгә талапсанлыҡ тураһында күпме кәңәштәр ишетәһең. Әҙәби хеҙмәттең ҡатмарлылыҡтарын нығыраҡ аңлай барған һайын шик-шөбһәләр ҙә арта. Барлыҡ ғүмерен ижадҡа арнарға, шиғриәткә фиҙа ҡылырға булған Рәми Ғариповтың юғары белемде нәҡ Мәскәүҙә, нәҡ Әҙәбиәт институтында алыуы яҙмышына насип булған оло бәхет ине. Һәр көн уға күпме яңылыҡтар алып килә, күңел күҙен нығыраҡ аса, рухын туҡтауһыҙ байыта. Әҙәбиәт, тарих, фәлсәфә, сәнғәт тураһында аҡыллы һүҙҙәр тыңлай, китаптар уҡый. Глинка, Балакирев, Римский-Корсаков, Чайковский, Глазунов, Рахманинов – быларҙың һәр береһе уның күңеленә ҡабатланмаҫ моң булып уйыла. Уҡыған-тыңлағандарын ул һүҙһеҙ генә ризалашып ҡабул итмәй, үҙ ҡарашын әйтә, ҡаҡшамаҫ күренгән абруйҙарға ҡарата ла үҙ фекерен әйтә, һоҡлана йәки бәхәсләшә. Мәҫәлән, Пушкиндың «Полтава»һын МДУ-ла лекциялар уҡыусы Благой аңлатҡанса (ул Белинскийға таянһа ла) ҡабул итмәй. Героик, тарихи тема хаҡында һөйләп, әҫәрҙә кешеләрҙең шәхси тормошоноң күрһәтелеүен дә оноторға ярамағанлығын әйтә. Сталиндың үлеменән һуң ижади семинарҙа уның хаҡындағы байтаҡ шиғырҙарҙы тикшергәндә лә уның үҙ фекере бар. Әҫәрҙәрҙең күбеһе «бер төрлөләр, үтә дөйөмдәр», – ти ул. Исемдәр атап, киҫкен генә һүҙҙәр әйтә: «Берггольцтың «Сталинға»һы бик хөрт тамамлана, кәрәкмәгәнсә күп һүҙле. С. Маршак та шиғыр урынына чертеж һыҙа. Ғәфү ителмәҫлек яһалмалылыҡ күп. Күҙ йәштәрһеҙ иларға кәрәк! Нимәгә сәбәләнергә! Яҡшы шиғырҙар: Сурковтыҡы, Исаковскийҙыҡы, Симоновтыҡы, Самед Вургундыҡы, Ғафур Ғәләмдеке, Мостай Кәримдеке» (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр. Өс томда. II том. 1998, 54-се бит). Ғилем һәм ижад, уҡыуҙар һәм шиғырҙар – Рәми Ғарипов менән уның барлыҡ һабаҡташтары бына ошо ике хәстәр менән йәшәй. Студенттан, әлбиттә, иң элек тәртипле булыуҙы, һәйбәт уҡыуҙы, имтихандарҙы уңышлы биреүҙе талап итәләр. Был яҡтан Рәми беренсе курстарҙа уҡ иң юғары маҡтау һүҙҙәре ишетә. Барлыҡ экзамендарҙы ла бишкә тапшыра. Тел ғилеменән уның яуабын тыңлағас, Реформатский: «Молодец, Башкирия!» – ти. Логиканан профессор Асмус уҡыта, имтиханды уның Корчагин фамилиялы аспиранты ала. Ул да: «Неплохо знаешь, Гарипов», – тип йылмайып, юғары баһа ҡуя. Ә фольклор буйынса һынауға ул ашҡынып бара. Ошо фәнде уҡытыусы билдәле белгес Сидельников Виктор Михайлович менән Рәми баштан уҡ ныҡ дуҫлашып китә. «Һәр лекция һайын башҡорт халҡын һәм уның вәкиле тураһында иҫкә алмайынса булдыра алмай», – тип яҙа ул Мәрйәм Ғималоваға. Уҡыу барышында Рәми Ғарипов программала бирелгән йәки уҡытыусы әйткән тема менән генә сикләнмәй. Мәсьәләне мөмкин булғанда Башҡортостан тарихы менән бәйләргә, үҙенең рухына яҡыныраҡ йүнәлештә асырға тырыша. Фольклорҙы өйрәнгәндә уға Лебедев-Кумачтың йырҙары буйынса әҙерләнергә ҡушыла. Был ваҡытта иң популяр йырсы-шағир Кумач хаҡында әллә күпме һөйләнелгән. Шуларҙы уҡып та нимәлер әйтеү, бәлки, артыҡ ҡыйын да булмаҫ ине. Ләкин уларға яңы һүҙ өҫтәй алырмы? Ҡат-ҡат яҙылғанды ҡабатлауҙан кемгә файҙа? Профессорға Рәми «Башҡорт фольклоры һәм рус яҙыусылары» тигән тема тәҡдим итә. Яңы, эшләнмәгән өлкә. Билдәле фольклорсы үҙенең студентының бындай теләгенә, әлбиттә, бик шатлана. Был эшкә тотоноу ғәйәт ҙур эҙләнеүҙәргә алып килә: әллә күпме материал өйрәнелә, уларҙың ошоға тиклем тикшерелмәүенә ғәжәпләнеүе арта. Һөҙөмтәлә дәрестә һөйләй торған ғәҙәти сығыш ҡына түгел, студент ҡулы менән яҙылған, әммә етди ғилми хеҙмәт барлыҡҡа килә. Рәми Ғариповтың 1951 – 1952 йылдарҙа яҙған «Башкирский фольклор и Владимир Даль» тигән мәҡәләһе шул ваҡытта уҡ баҫылған булһа, башҡорт фольклористикаһында, һис шикһеҙ, яңы һүҙ булыр ине. Ул әле лә ҡиммәтен юғалтмаған. Бына нисек башлап ебәрә мәҡәләһен икенсе курс студенты: «Мне очень хочется говорить о своем народе. Но для этого надо много знать. Поэтому много обещать не могу. Коротко постараюсь охарактеризовать башкирское устное народное творчество, несколько слов скажу о собирании его и остановлюсь на легенде-рассказе Владимира Даля «Башкирская русалка». Башкирский народ, как и другие колониальные народы под гнетом царского самодержавия, жил в нищете. Но он не был нищим духовно. Царские палачи отрезали языки свободолюбивых башкир за произносение слов «свобода», «восстание» и «Салават». Законом было беззаконие. Но народ не мог молчать. Он боролся. Кто борется, тот и творит. Письменной литературы при таких нечеловеческих условиях в такой отсталой стране не могло быть. Но зато было у башкирского народа устное народное творчество. Оно было очень богатым и по содержанию, и по своеобразной форме». Был эшкә ныҡлап тотонор алдынан Рәми үҙенә тиклемге тикшеренеүҙәрҙе өйрәнә. «Усмановтың мәҡәләһен уҡыным, ләкин тәрән түгел», – ти ул. Әле килтерелгән өҙөктә Рәми Ғариповтың яҙма әҙәбиәт тураһындағы һүҙҙәрендә рухи мираҫҡа шул замандағы тар ҡараштың йоғонтоһон да тойорға мөмкин. Ләкин шул мираҫтың үрнәктәре уның өсөн бикле булғас, эҙмә-эҙлекле яҙма әҙәбиәттең барлығын студент нисек раҫлай алһын? Әле бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән ҡатламдарға үтеп инеүе, башҡорт халҡының һүҙ сәнғәтен донъя контексында баһаларға ынтылыуы ҡарашының киңлеген күрһәтә: «У каждого языка есть своя красота, свойственная только ему. У каждого народа есть свои хорошие черты. Много общего и много своеобразного, национального. Русские гордятся своим «Слово о полку Игореве», армяне – «Давидом Сасунским», французы – «Песней о Ролланде», киргизы «Манасом», эстонцы – «Калевалой», а башкиры – «Салаватом Юлаевым», «Акбузатом» и «Уралом». Все они разные и хорошие. Потому что народ – самый великий поэт и самый великий философ». Әле аталған төрлө милли ҡомартҡыларҙың барыһы ла кешелектең рухи гәүһәрҙәре иҫәбенә ингән, исемдәре булһа ла донъяға таныш. Ә бына башҡорттарҙың иң мәшһүр эпостар менән ярышырлыҡ бөйөк фольклор әҫәрҙәре тураһында башҡалар, үкенескә ҡаршы, бик аҙ беләләр. Ошо хазинаны нисек киң ғәләмгә сығарырға? «Башкирский народ в своих песнях и кубаирах, легендах и эпических поэмах, сказках и баитах отражал тянувшуюся веками борьбу за свободу, мечты об облегчении тяжелой жизни, свои чаяния о будущей молодости. Если у армян были ашуги, у казахов – акыны, то у нас были сэсэны, которые свою общественную задачу видели в том, что: Зла он не защищает, Врага не щадит, Добро он любит, Говорит о чаяниях народа, К бою он призывает, К восстанию зовет. В то же время сэсэны являются ревностными хранителями дорогого нержавеющего сокровища». Сәсәндең юғары гражданлыҡ вазифаһын Мәскәү мөхитендә Рәми аңлатырға, башҡорт халҡының яҙмышы, уның фольклоры менән күп кенә рус әҙиптәренең, ғалимдарының ҡыҙыҡһыныуы, шулар араһында Пушкиндың, Толстойҙың, Аксаковтың, Рыбаковтың, Игнатьевтың һ.б. булыуы хаҡында һөйләргә теләй. Рус әҙәбиәтендәге был гуманистик традицияларҙы үҫтереүҙә В. Далдең эшмәкәрлегенә махсус туҡтала. Хатта үҙе ныҡ хөрмәт иткән уҡытыусыһы менән бәхәсләшә: «Когда у нас читал лекции А. А. Реформатский, говорил, что Даль – дилетант. Но, по-моему, это неверно. Даль – великий труженик, глубоко русский человек душой, хотя отец его был выходцем из Дании. Сам Даль свою национальную принадлежность определил так: «Кто на каком языке думает, тот к тому народу и принадлежит. Я думаю на русском». Даль не только думал, но и чувствовал по-русски. Великолепно знал все русское. С детства он любил русский склад ума, русскую речь, русский быт, русское народное творчество, русский народ. Поэтому великий Тургенев писал о нем, что «русского человека он знает, как свои пять пальцев». Мәҡәләлә Даль тураһында Белинскийҙың, Гоголдең фекерҙәре килтерелә, Пушкин менән дуҫлығы тураһында әйтелә. Ырымбур осорона айырыуса иғтибар ителә: «Такой глубоко русский человек, как Даль, не мог не интересоваться жизнью, языком и творчеством башкирского народа. Этому способствовала деятельность Даля в Оренбурге... Великий Пушкин слушал в этих степях о Пугачеве и о его сподвижнике Салавате Юлаеве, собирал материал для «Капитанской дочки». Пушкину помогал в этих делах Даль». Институттың тәүге курстарында уҡ Рәми ошондай етди эҙләнеүҙәр менән мәшғүл. «Башкирский фольклор и Владимир Даль» исемле мәҡәләһе уның тәүге ғилми тәжрибәһе. Был студент эше авторҙың фекерләү ҡеүәһен, уның фәнни хеҙмәткә һәләтен раҫлап тора. Әлбиттә, ҡайһы бер күҙәтеүҙәр бында тезис рәүешендә генә билдәләнгән. Уларға, бәлки, киләсәктә әйләнеп ҡайтыу, тәрәнерәк, ентеклерәк асыу ниәте лә булғандыр. Рәми Ғарипов бының менән генә туҡтап ҡалмай, 1952 йылда «О судьбе стихов и песен Салавата Юлаева» тигән бай йөкмәткеле мәҡәләһен яҙа. Алға табан тағы ла бер ышаныслы аҙым яһала. 1952 йылда Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы байтаҡ эштәр башҡарыла. Тантаналар уҙғарыла, ғилми конференция үткәрелә. «Салават Юлаев. Стихи и песни» тигән китап донъя күрә. Рәми Ғариповтың мәҡәләһе ошо йыйынтыҡ баҫылыу сәбәпле яҙылған. Ләкин ғәҙәттәге рецензия түгел. Салауаттың яҙмышы, яуҙағы ҡаһарманлығының, шиғри һүҙенең халыҡ тормошондағы әһәмиәте, шиғырҙарының табылыу тарихы, тәржемәсе алдындағы бурыстар был ҙур ғына күләмле мәҡәләлә ентекләп байҡала, рецензия үҙенсәлекле тикшеренеүгә әйләнә. Бында һүҙ барасаҡ дәһшәтле дәүер тәүге юлдарҙан уҡ күҙ алдына килә башлай: «Кровавое зарево догоравших аулов приветствовало рождение Салавата. Еще дым сожженных царскими карательными отрядами башкирских аулов не рассеялся. Еще слышался звон цепей и кандалов, которыми царские палачи заковывали свободолюбивых башкир. Еще слышались стоны казненного народа, у которого был отрезан язык и были разодраны уши, чтобы он не мог говорить о борьбе против угнетателей-крепостников и чтобы он не мог слышать призывов и песен батыров, зовущих к борьбе за свободу. Колонизация башкирских земель усилилась. Народ был разорен грабежами. Все это видел мальчик Салават. Он рос на земле, пропитанный кровью и слезами народа». Башҡорт халҡының азатлыҡ хәрәкәтенең һәм көрәш шиғриәтенең тамырҙарын барлағанда автор ун туғыҙынсы быуаттағы рус тикшеренеүселәре Ф. Нефедовтың, Р. Игнатьевтың баҫмаларына таяна. Русса сәсмә тәржемәләрҙә, башҡорт телендә халыҡ хәтерендә һаҡланған варианттарға нигеҙләнеп, Салауат әҫәрҙәрен башҡортса һәм русса әҙерләп сығарыуҙың бик ҡатмарлы икәнлеген ул яҡшы аңлай. Яҙма оригиналдың һаҡланмауы эште ни тиклем ҡатмарландыра. Шуға тарих фәндәре кандидаты Ш. И. Типеевтың инеш һүҙе менән уның редакторлығында, Владимир Филовтың шиғри тәржемәһендә баҫылып сыҡҡан «Салават Юлаев. Стихи и песни» тигән китаптың ни тиклем ҙур хеҙмәт, яуаплылыҡ талап иткәнлеген уның хаҡында һүҙ әйтергә йыйыныусы белә, шуға был мәсьәләгә бик яуаплы ҡарай. Китапты әҙерләп сығарыусылар был бурысты үтәй алғандармы? Был баҫма милли геройҙың, шағирҙың һәм яугирҙең образына яңылыҡ өҫтәйме? Хәҙерге көн күҙлегенән Салауат шиғырҙарының йоҡа ғына китап булып рус телендә баҫылып сығыуы ҙур яңылыҡ булып күренмәҫкә лә мөмкин. Һуңғы ваҡытта Салауат тураһында байтаҡ яңы тикшеренеүҙәр донъя күрҙе. Тыуған йылы хаҡындағы бәхәстәрҙән һуң был дата 1754 йыл тип рәсми ҡабул ителде. 2004 йылдың июнендә Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу бығаса күрелмәгән ҡолас, күтәренке рух менән үткәрелде. Ошо юбилейға төрлө жанрҙағы ике тиҫтәгә яҡын китап сыҡты. Ул баҫмаларҙы «Салават Юлаев» тигән фундаменталь хеҙмәт, тотош Рәсәй, хатта донъя күләмендәге уникаль энциклопедия йомғаҡлап ҡуйҙы. Башҡортостан Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Указы менән Салауат йыйыны йыл да дәүләт кимәлендә халыҡ байрамы итеп уҙғарыласаҡ. Ә егерменсе быуат уртаһында, йәғни шағирҙың ике йөҙ йыллығын хәҙерге менән сағыштырғанда бөтөнләй ябай ғына байрам иткәндә, рус телендә уның китабының баҫылып сығыуы үҙе генә лә ҙур яңылыҡ була. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән Рәми Ғарипов был ваҡиғаны айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ул бит бөйөк шәхестең яҡташы, яңыраҡ ҡына Рәми Салауатский булып шиғырҙар яҙған кеше, һабаҡташтары ла Башҡортостан тигәндә иң элек Салауаттың исемен әйтәләр, һуғышҡа тиклем сыҡҡан фильм батырҙы бөтә илгә танытты. Бындағы иптәштәре Рәмиҙең Салауат исемен йөрөткән районда тыуып үҫкәнлеге тураһында ишеткәндәре бар, уның менән ни тиклем ғорурланғанын беләләр. Хәҙер бына Рәми Әҙәбиәт институты студенттарына Салауаттың тормошо тураһында һөйләп кенә ҡалмаясаҡ, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерәсәк! Яңы китапты ул ошондай изге уй-теләктәр менән ҡулға ала. Ләкин уның яҡты өмөттәре аҡланманы. Ни тиклем аяныслы хәл! Был хаҡта өндәшмәй ҡалырға ярамай, юғиһә Салауатты легендар шәхес итеп, бөйөк итеп күңелдәрендә һаҡлаған төрлө милләт ҡәләмдәштәренең был китапты уҡығас күңелдәре һүрелеүе лә мөмкин. Йыйынтыҡта һәйбәт тәржемәләр ҙә осрай. Ләкин етешһеҙлектәр тураһында һуңламайынса әйтергә, Салауат исеменә бәйле төрлө боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Салауат исемен теле асылғандан ҡабатлап үҫкән Рәмиҙең был китапты уҡығандағы кисерештәрен, күңелендә дауыл булып ҡупҡан ризаһыҙлыҡты күҙ алдына килтерергә мөмкин. Ләкин ул киҫкен кисерештәр стихияһында юғалып ҡалмай, мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнеп, төплө мәҡәлә яҙа. Уңышлы тәржемәләрҙе лә күрһәтә, ләкин талапсанлыҡтың етмәүе тураһында тәржемәсе Владимир Филовҡа ла, инеш һүҙ яҙған билдәле тарихсы Шәмғүн Типеевҡа ла үҙенең принципиаль һүҙен әйтә. «Есть и удачные переводы, передающие настоящую душу салаватовской поэзии. Но есть переводы, которые идут не от Салавата, а от самого Филова, где много слов и мало поэзии. Совсем непростительным является перевод стихотворения Салавата «Урал» ...Филову почему-то понадобилось делать стихотворение сухим, холодным и выдать свои крикливые строки за строки Салавата. Нет здесь и колорита. Нет и салаватовской теплой задумчивости, мечтательной влюбленности в природу, глубокого лиризма Салавата и простора, широты. Величавая картина Урала филовским стучащим ритмом уничтожается: «Славен мой Урал Высотою скал. Гребни горных круч Блещут из-за туч» и т. д. И как же «Гребни горных круч блещут из-за туч»? Несерьезность. Это пародия на Салавата». Бик ҡаты әйтелгән һүҙҙәр. Ләкин улар нигеҙле. Тәнҡитләү автор өсөн үҙмаҡсат түгел. Был баҫманы ул ҡолас йәйеп ҡабул итер ине. Китапты ҡулға алғанда, күпте өмөт иткәйне. Килеп сыҡманы. Тимәк, ауыр булһа ла, тураһын әйтергә кәрәк. Уҡыусы белергә тейеш. Рәми һәр шиғырға тиерлек туҡталып үтә. «Егеткә» шиғырын Филов эшләнешендә, нигеҙҙә, хуплаһа ла, башбаштаҡлыҡ менән һис кенә лә килешә алмай: «Филов брал то, что принадлежит Салавату. Но последнюю строфу опять добавляет от себя, вытягивая мысль, как тесто, когда она у Салавата ясно и четко помещается в двух строках». Ҡайһы саҡта тәржемәсенең үҙ белдеге менән эш итеүе бөтөнләй саманан сыға. Әйтәйек, «Яу» шиғыры (Игнатьевта «Сеча») был китапта «Слава богатырей»ға әйләнә. Быға ҡарата Рәми Ғариповтың мөнәсәбәте бик асыҡ: «Это выдуманное стихотворение Филова, а не Салавата. Мы отказываемся от таких подделанных стихотворений, написанных руками спекулирующего именем национального героя башкирского народа. В стихотворении нет ничего, кроме неконкретных, нехудожественных строк с восклицательными знаками. Не было у Салавата таких стихов и песен, которые не являются сильным оружием в борьбе за свободу... Нельзя же заниматься фальсификацией произведений Салавата, когда есть на башкирском языке стихи и песни, записанные у народа». Үҙенең күҙәтеүҙәрен Рәми Ғарипов ышандырғыс миҫалдар менән дәлилләй. Башбаштаҡлыҡҡа ҡаршы сығыу менән бергә ул һүҙмә-һүҙ тәржемәне лә ҡабул итмәй. Жуковскийҙың тәржемәлә «рабская верность может стать рабскою изменою» тигән һүҙҙәрен, Пушкиндың фекерен килтерә. Башҡорт фольклорындағы параллеллек һәм образлы антитезаның Салауат шиғырҙарында үҫтерелеүе («Уҡ»), уға хас кешелеклелек («воинствующий гуманизм Салавата») тураһында һ.б. уйланыуҙар авторҙың мәсьәләгә тәрән үтеп инеүен раҫлай. Мәҡәләнең аҙағы киләсәккә төбәлгән: «Стихи и песни Салавата ждут своего нового переводчика, настоящего поэта, который должен хорошо знать Салавата, его время и историю крестьянской войны в 1773-1775 гг., башкирское устное народное творчество и башкирский язык, на котором пел и писал бессмертный Салават». Башҡорт әҙиптәренең китаптары рус телендә баҫылып сығыу 50-се йылдар башында әле бик һирәк күренеш ине. Шуға күрә Салауаттың русса китабын башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт кешеләре лә ҡыҙыҡһынып ҡулға алғандыр. Ә инде үҙен башҡорт яҙыусыһы тип һанағандарҙың уны уҡымай ҡалғаны бөтөнләй һирәк булғандыр. Ҡайһы берҙәре тәржемәләрҙәге етешһеҙлектәрҙе, моғайын, күргәндер. Ләкин был хаҡта бер кем дә – шағирҙар ҙа, ғалимдар ҙа ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәй. Нимә был, зауыҡһыҙлыҡмы, әҙәби фекерләүҙең өлгөрөп етмәүеме әллә фекерле әҙиптәрҙең дә вайымһыҙлығымы? Был хаҡта талапсан һүҙҙе егерме йәшлек студент Рәми Ғарипов бер яңғыҙы ҡыйыу күтәрә. Бының өсөн ҡыйыулыҡ ҡына етмәй, ныҡлы әҙерлек, белем, киң ҡараш һәм, иң мөһиме, әҙәбиәттең киләсәк яҙмышы өсөн яныу – һыҙланыу кәрәк ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәми Ғариповтың Әҙәбиәт институтында уҡығанда яҙылған был ике мәҡәләһе баҫылмай ҡала. Әллә автор үҙе бирмәгәнме? Биргән хәлдә лә уларҙы, бигерәк тә Салауат китабына ҡағылғанын баҫтырырға фатиха биреүсе табылыр инеме һуң? Был мәҡәлә Рәми Ғариповтың шиғри тәржемәнең бик ҡатмарлы үҙенсәлектәрен ни тиклем зирәк тойоуын, ундағы етешһеҙлектәр тураһында бик урынлы, нәҡ үҙ ваҡытында принципиаль иҫкәртеүен асыҡ күрһәтә. Алтмышынсы йылдарҙа төрлө милләт шағирҙарының китаптары рус телендә йыш сыға башланы һәм етмешенсе йылдарҙа айырыуса күбәйҙе. Классик өлгөләр ҙә донъя күрҙе. Әммә тәржемә эше йыш ҡына кәсепкә әйләнде, талапсанлыҡ етмәне. Был хаҡта Рәми Ғарипов ике-өс тиҫтә йыл элек үк борсола ине. Күрәҙәлек итмәһә лә, борсолоуҙары-талаптары бик урынлы һәм хаҡлы булған шул. Рәми Ғарипов рус һәм көнбайыш әҙәбиәтенән тау-тау китаптар уҡыу, бөйөк композиторҙарҙың ижадын өйрәнеү, марксизм-ленинизм классиктарының әҫәрҙәрен конспектлау, ижади семинарҙарҙа шөғөлләнеү менән бергә ғилми тикшеренеүҙәр алып барырға ла ваҡыт таба. Ара-тирә газеталарға ла яҙыштыра. Бында ла ул мәсьәләнең төбөнә төшөргә тырыша. Зоя Космодемьянская тураһында очерк яҙыр өсөн Мәскәүҙә ул уҡыған мәктәптә ҡат-ҡат була, батыр партизанка язалап үлтерелгән Петрищево ауылына айлы төндә саңғыла барып етә. Зоянан һорау алған, уны һуҡтырған, язалаған ике өйҙә әле лә йәшәгән шаһит ҡатындар менән һөйләшә. Герой ҡыҙ күпме ғазаптар кисергән урындарҙа йөрөй, ауыл уртаһында уға ҡуйылған мәрмәр һәйкәлгә баш эйә. Зоя Космодемьянская тураһында күп яҙылһа ла, Рәми уның яҙмышын үҙ кисерештәре аша үткәрә. Зоя ғүмеренең һуңғы минуттарын уҙғарған өйҙәрҙә, ауылдың ҡарлы урамында фажиғәле ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең һүҙе, бындағы йорт-ҡаралтыларҙы байҡау яҙылғандарҙы тормошсан, йәнле итә. «Үлемһеҙ ҡыҙ» исемле очерк «Совет Башҡортостаны» газетаһында 1953 йылдың 15 мартында баҫылып сыға. Был ваҡытта автор Өфөлә була, очеркы хаҡында йылы һүҙҙәр ишетә. Журналистикала уның тәүге етди аҙымы бына шулай уңышлы килеп сыға. Был ваҡиға көндәлектә лә теркәлеп ҡалған: «Иртән Өфө урамдарында «Үлемһеҙ ҡыҙ» витриналарҙа һәм «Совет Башҡортостаны» йәбештерелгән ҡоймаларҙа тора ине. Кешеләрҙең туҡталышып уҡығандары мине бик шатландырҙы. Күп итеп һатып алдым да детдомдағы, интернаттағы таныштарға, иптәштәргә, тәрбиәселәргә ҡалдырып киттем». Рәми Ғариповтың Мостай Кәримгә яҙылған хатында (9.10.51.) әйтелгәнсә, «Ашығырға кәрәк. Мәскәүҙәге йылдар күҙ асып йомғансы үтеп китер, ә мин бик күп нәмәне үҙләштермәй ҡалырмын кеүек». Ҡайһы бер көндәрҙә «Детгиз»ға йүгерә, унда балалар әҙәбиәте тураһында ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр була. Назым Хикмәттең шиғырҙарын төрөк телендә уҡыр өсөн Мәскәү университетына бер килке йөрөп ала. Ләкин барыһына ла өлгөрөү мөмкин түгел. Мәскәүҙәге тормош теләһәң-теләмәһәң дә көн дә тиерлек ниндәйҙер яңылыҡ алып килә, һиңә нимәлер өҫтәй. Театрҙар, музейҙар, әҙәби кисәләр – былары Рәмигә Өфөлә уҡыған йылдарҙан уҡ таныш. Ләкин Мәскәүҙәгеләре бөтөнләй яңы донъяларға алып инә. Әҙәбиәт институты студенттары өсөн мәҙәни һәм әҙәби осрашыуҙарға, театрҙарға, музейҙарға йөрөү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән. Улар Мәскәүҙән ситкә лә онотолмаҫ сәфәрҙәргә сығалар. Рәмигә Ленинградҡа ике тапҡыр барыу бәхете тейә. Икенсе барғанда бөйөк Новгородта булалар, ямғыр яуғанда иптәштәре менән «Россияның мең йыллығы» тигән һәйкәл аҫтына инеп ултыралар, һәйкәл тураһындағы ентекле белешмәне күсереп алалар. Ленинградта Эрмитажда, Рус музейында, Петропавловский крепосында, тағы әллә күпме урындарҙа булалар, «Аврора»ны күрәләр. Кисерештәрҙең иң иҫтәлекле бер мәлен Рәми Ленинградтан Мәрйәм Ғималоваға яҙған хатында былай бәйән итә: «Бер аҙна эсендә әллә күпме аҡылланып киткәнмен кеүек үҙемә... Белгәндәр нығый, беләсәк нәмәләр күбәйә, белмәгәндәрең асығыраҡ күренә. Үҙ-үҙеңдән оялаһың, үҙ-үҙеңдән ғәрләнәһең... һәм шатланаһың. Пушкин музейында иланым. Китаптарына: «Прощайте, друзья!» тип үлеүе күҙ алдыма үҙем күргән кеүек килеп баҫты». Интернаттағы бер төндә Туҡай тураһындағы китапҡа йәшен тамыҙып илаған Рәми даһи Пушкин һуңғы һулыш алған йортта ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ тетрәнеү кисерә. Ысынлап та, оноторлоҡмо ни?! «Бөгөн Петропавловский крепостә булдым. Онотолмаҫ көн! Бында «сәйәхәте» өсөн Радищев ташланған, декабристар язаланған, Чернышевский бында, шундай ҡот осҡос ерҙә, үҙенең әллә күпме кешеләрҙең фекерен яҡтырта торған романын яҙған, Горький еүеш, һалҡын, ҡараңғы 60-сы камерала, үҙенең үпкәһен ҡан менән төкөрә-төкөрә, бер ай эсендә «Ҡояш балалары»н яҙған... Әгәр мин быларҙы күрмәһәм, бик күп нәмәне юғалтҡан булыр инем. Ә миңә юғалырға кәрәкмәй. Ашығырға. Был йылдар миңә кире әйләнеп ҡайтмаясаҡтар». Бер көн эсендә Рәми үҙенең кумирҙары Чернышевский, Горький менән осрашҡан һымаҡ була, улар тотҡонлоҡта ғазапланһа ла, рухтары һаман һынмаған, зиһендәре мәшһүр әҫәрҙәре ижад иткән ҡәлғәне күрә. Бындай осрашыуҙар кеше яҙмышына бик һирәк килә. «Ғәрләнәһең һәм шатланаһың», «Йөрәккә әрнеүле лә, рәхәт тә», – ти Рәми. Ҡапма-ҡаршы кисерештәр, бер-береһенә яҡын килмәҫ һымаҡ тойғолар шағир йөрәгендә бергә килеп ҡушыла. Шағир күп нәмәләрҙе белмәгәненә ғәрләнә, белеү мөмкинлеге тыуғанға ҡыуана. Бөйөктәрҙең һыҙланыуҙары уның йөрәген дә әрнетә, аҙ ғына мәлгә булһа ла бөйөктәр донъяһына инеп, уларҙың нурында ҡойоноп сыға алғанына уға сикһеҙ рәхәт. Шағир яҙмышы ошондай ҡаршылыҡтарҙың бәрелешенән ғибәрәт. Уның һыҙланыуҙары ла шатлыҡ килтерә, уның боҙланыуҙары ла йылы бөркә. Әлеге мәлдә – Ленинград менән танышып йөрөгәндә шағир күңеле туҡтауһыҙ байый, йәш зиһен күпме мәғлүмәттәрҙе үҙенә етеҙ һеңдерә. Өфөләге һәм Мәскәүҙәге һымаҡ бында ла шәхестең рухи көс туплауы, интеллекттың үҫеүе дауам итә. Ҡайҙа ғына булһа ла, Рәми донъя хаҡында мөмкин тиклем күберәк белергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта йөрөгән ерҙәрендә Башҡортостанға бәйле хәл ваҡиғалар тураһында төпсөнә. Көндәлектән. 27 июнь, 1953 йыл: «Тихоновтарға инеп, Сәләм тураһында һорашып сығырға булдым. Ләкин уларҙа мәжлес бара ине. Тетя Маруся уның ҡатынын ғына саҡырып сығарҙы. Мин Ленинградта Сәләмдең үлеп ҡалыуын, ә хәҙер миңә уның ҡәберен табырға кәрәклеген әйттем. Ләкин ул хәтерләмәне. — Ниндәй айҙа үлде һуң ул? – тип һораны Тихоновтың ҡатыны. — Бына ошо июнь, июль айҙарында. «Литературная газетала Николай Семенович үҙе некролог яҙып сыҡты. Ул Сәләмде яҡшы белергә тейеш. Ул беҙҙең бик ҙур шағир ине...» Ләкин эш Рәми көткәнсә барып сыҡмай. Тихоновтар дачаһынан күңелһеҙләнеп кенә ҡайта ла ашығып Мәскәүгә юллана. Ленинградта беренсе туҡталған урын – Әҙәбиәтселәр йорто. Ләкин унда ла мәғлүмәт бирерлек кеше юҡ. «Сәләмдең ҡәберен таба алманым. Иң ҙур үкенес шул. Союзда белмәйҙәр ҡәберен. Минең күңел тулып китте», – тип яҙа йәш эҙәрмән. Ленинградҡа сәйәхәт 1955 йылда Рәми Ғариповтың «Аҡ төн» исемле шиғырында сағылыш табасаҡ. Шағир был ҡаланың тарихында башҡорт халҡының эҙҙәрен дә күрә: Был яуҙа ла башҡорт ҡаһармандың Иле өсөн ҡойған ҡаны бар. Шәһит кеүек батыр ирҙәренең Быуаттарға ҡалған даны бар. Әҙәбиәт институтында студенттарҙы тарихи урындарға йыш йөрөтөүҙәрен бына ошо факттан ғына ла күрергә мөмкин: 1954 йылдың сентябрендә Ясная Полянала Рәми өсөнсө ҡабат була. Башҡа кеше уны бер күргәс, бәлки, икенсегә килеп тә йөрөмәҫ ине. Ләкин туҡтауһыҙ ҡыҙыҡһыныусан юламан Ғарипов ундайҙарҙан түгел. Бөйөк әҙиптең башҡорттар хаҡында яҙыуы ла нығыраҡ тартҡандыр. Был барыуҙа уны бер башҡорт кешеһенең Толстойға бүләк иткән сылбырлы ижау айырыуса һоҡландыра. Ижау менән сынйыр бер ағастан сәнғәт үрнәге дәрәжәһендә оҫта эшләнгән, ғәрәпсә яҙыуы ла бар. Толстойҙың һуңғы секретары Булгаковтан һорашҡас, ул: «Граф Лев Николаевич Толстойға Арыҫланғәле Солтановтан» тип яҙылған», – ти. Былтыр булғанда Рәми был ижауҙы ниңәлер күрмәгән. Был бүләктең тарихын белергә ине! Был теләккә тағы ла ҙурыраҡ һоҡланыу ҡушыла: «Толстойҙың китапханаһында ни тиклем хазина! Әҫәрҙәренең һуңғы баҫмаһы ғына ла 96 томдан тора. Шуларҙың 30 томы – тик хаттар! Ясная Поляналағы китапханаһында китаптары 22 мең томлыҡ! Ул 12 телдә уҡый белгән! Ғәжәп!» Ниндәй матур гармония: йәш шағирҙың рухи халәте бер юлы ике илаһи яҡтылыҡҡа юлыға. Ясная Полянала Рәми Ғарипов туған милләтенең бөйөк яҙыусы менән бәйләнештә йәшәүенә, Толстойҙың башҡорттар тормошонан илһамланып аҫыл фәлсәфи хикәйәләр яҙыуына нығыраҡ инана. Был ҡыуаныс бөйөк яҙыусының титаник хеҙмәтенә оло ихтирам, ошондай осрашыуҙарҙа донъя әҙәбиәте тигән хазинаны нығыраҡ аңлай барыу менән үрелә. Шағир үҫеше өсөн ни тиклем бәхетле сәфәрҙәр! Ошондай бәрәкәтле бәйләнештәрҙә милли әҙәбиәттең офоҡтары артабан киңәйә. Ясная Полянала яҙыусының китапханаһына Рәмиҙең хайран ҡалып ҡарап тороуы бер ҙә ғәжәп түгел. Бер кешенең ҡулында шул тиклем хазина! Быға ышаныуы ла ҡыйын. Шуның, исмаһам, бер кескәй өлөшө тиклем генә үҙ китапханаһы булһын ине Рәмиҙең дә. Ул бит бәләкәстән китап ене ҡағылған кеше. Яратҡан китапты осратһа, һуңғы тинен дә йәлләп тормай. Далдең күп томлыҡлы һүҙлеген, Ушаковтың һүҙлеген эҙләп, Мәскәүҙә букинистарҙы күпме ҡыҙырҙы, һаман таба алғаны юҡ. Толстойҙың утарында булғанда бәғзе берәүҙәр, бәлки, алпауыттың нисәмә крәҫтиәне барлығы тураһында аптырап та, көнләшеп тә уйланғандыр. Был матди байлыҡтар Рәмиҙең уйында ла юҡ. Ул томдарҙан күҙен ала алмай. Бер яҙыусы йөҙгә яҡын китап яҙһынсы әле! Араларында ҡалын-ҡалын нисәмә роман, күпме повестар... Ә тотош башҡорт әҙәбиәтендә тәүге романдар утыҙынсы йылдарҙағы ҡанлы террорҙа тыйылғандан һуң күпме ваҡыттар бер генә роман да яҙылманы. Ғәрләнергәме, әҙәбиәттең шундай аяныслы яҙмышҡа тарыуына рәнйергәме? Быларҙың береһе лә хәлде төҙәтмәйәсәк. Йәш көстәрҙе нығыраҡ тупларға кәрәк. Рәми Ғарипов өсөн Өфөләге иң оло хазиналар Республика китапханаһына тупланһа, Мәскәүҙә Ленин исемендәге Бөтә Союз Дәүләт китапханаһы уға шундай изге төйәккә әйләнде. Бындағы байлыҡ Өфөнөкөнән, әлбиттә, бик-бик күп тапҡырҙарға ҙурыраҡ, ғәләмәт океан, уның иңен иңләрлек, буйын-тәрәнлеген буйларлыҡ түгел. Рәмиҙең бында күпме көндәре, ҡайһы саҡта тотош аҙналары үтте. Башҡортостан тураһында күпме материалдарҙы өйрәнде. Ҡайһы саҡта хатта институт та онотола: «Лекцияларға бармайынса, көндәр буйы Ленин китапханаһында ултырып, һүҙлек төҙөйөм. Халыҡтың тел байлығы уның иң матур легендаларында, йырҙарында, мәҡәл һәм әйтемдәрендә. Бына ун көн инде «Батырҙар тураһында эпос» китабын күсереп ултырҙым. «Мәргән менән Маянһылыу», «Юлай менән Салауат», «Ҡараһаҡал» һәм «Аҡбуҙат» легендаларын яҙып алдым». Ә инде донъяңды онотоп, ҡалын-ҡалын һүҙлектәр аҡтарыу уның иң яратҡан шөғөлдәренән. Көндәлектәге төрлө йылдарҙағы яҙмаларҙан өҙөктәр: «Минең һәр саҡ һөйләшә торған тема: һүҙҙәр, һүҙҙәр, һүҙҙәр! Минең аллаларым улар!» (18.03.52); «Переделкиноға ҡайтып, һүҙлек күсерергә тотонам. Үҙемдең һөйләшеүгә инмәгән, һирәк ишетелгән башҡорт һүҙҙәрен дә, таш, ҡаҙылма исемдәрен, үҫемлек, үлән, сәскә, ағас исемдәрен, тауар, туҡымаларҙы, хайуан һәм йәнлектәрҙе, ҡоштарҙың исемдәрен, төрлө ауырыу атамаларын аңлатмалар менән яҙа башланым. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге тураһында минең бик күп уйлаған бар» (27.04.53), «Берҙән-бер йыуанысым – һүҙҙәр!» (1 – 10.10.53). «Шағирҙың һүҙҙәре – уның эштәре ул», – тигән Пушкин. Әҙәбиәтсенең барлыҡ ғүмере һүҙҙәр донъяһында үтә. Ләкин һүҙҙәрҙән башҡаларҙың күңелендә ҡалырлыҡ эш, хеҙмәт, әҫәр тыуҙырыр өсөн ижадсыға күпме тетрәнергә, янырға тура килә. Икеләнеүҙәр һәм эҙләнеүҙәр Рәми Ғариповтың әле яңы ун туғыҙынсы артылышҡа күтәрелә барған тормош юлында бына инде икенсе тапҡыр офоҡтарҙың тағы ла киңерәк асылып, донъяның сағыуыраҡ балҡып киткән мәлдәре. Тәүгеһе ҡырҡ алтынсы йылдың йәй аҙағында башланғайны. Өфөләге интернат-мәктәптең уҡыусыһы булып киткән көндәрҙән алып уның алдында ғәжәйеп белем, сәнғәт, ижад иленең ҡапҡалары асылып киткәйне. Яҙмыш бүләк иткән был мөғжизәләрҙең бер генә көнөн дә ул әрәм итмәҫкә тырышты. Форсаттан файҙаланып ҡалыу тип әйтеү генә аҙ. Кеше күпме генә сая алышһа ла, физик мөмкинлектәрҙең сиктәренән сыға алмай. Бер кем өсөн дә, хатта тынғыһыҙ һәм сигенеү белмәҫ Рәми өсөн дә был ҡанунда бер ниндәй ҙә ташламалар юҡ. Ләкин яҙмыштың ялынан матҡып тотҡан был үҙ һүҙле егет ваҡыт ресурсын һуңғы тамсыһына тиклем үҙ маҡсатына екте. Мәскәү студенты үҙенең йәш ғүмерендә яңы күтәрелеш көндәрен кисерә. Сабый саҡтарынан уҡ донъяның хайран иткән мәлдәре бик күп булды. Ләкин Әҙәбиәт институтының тупһаһын аша атлап ингәндән бирле Рәми бөтөнләй яңы мөхиткә килеп юлыҡты. Был солғанышта яҙмышының ныҡ үҙгәрәсәген тоя, алдында асыла барған киңерәк офоҡтар ҡыуандыра, ҡанатландыра һәм ҡапыл шомландырып та ҡуя. Ҙур уҡымышлы кешеләр менән аралашыу, тәрән йөкмәткеле лекциялар тыңлау, мауыҡтырғыс ижади семинарҙар, дәрестәр, төрлө темаларға әңгәмәләр ҡороп, һүҙең бөтмәҫлек, бәхәсләшә башлаһаң, бәхәстең осона сығырға ваҡыт етмәҫлек һабаҡташтар – был өр-яңы донъя баштан уҡ арбап алды. Мәскәүҙең һәр йорто, һәр урамы, һәр майҙаны күпме тарих һөйләй, театрҙарын, музейҙарын ҡарап түгел, белеп-һанап бөтөрә алмаҫһың. Донъяның иң бай ғилем хазиналарының береһе Ленин китапханаһында күпме ваҡыттар сыҡмай уҡып ятһаң да, уҡып ялығырлыҡ түгел. Үҙеңде ярайһы ғына уҡыған кеше тип йөрөһәң дә, Мәскәү шарттарында аралаша башлағас, наҙанлығыңа аптырайһың, белемгә нығыраҡ һыуһайһың. Алда ни тиклем ауыр бурыстар тора. Уларҙы йырып сығырлыҡ көстө, түҙемлекте ҡайҙан алырға? Мәскәүгә ашҡынып килеүен килде, уҡырға атлығып инде. Уға ышаналар. Был ышанысты нисек аҡларға? Юлды ул дөрөҫ һайланымы? Был тиклем дә оло әҙәбиәт донъяһында, ижад илендә ул үҙ-үҙен таба алырмы? Әҙәбиәт институтында уҡый башлағанға ике ай ваҡыт та үтмәгән, Рәмиҙең хатында ошондай юлдар яҙыла: «Мәрйәм апа, быйыл ғына парталарҙан айырылып, бер үҙем был уҡыу йортона мин иртәрәк килеп ингәнмен кеүек. Бында уҡыр өсөн миңә пединституттың бер-ике курсын бөтөрөргә кәрәк булған. Ләкин һәр бер тыңлаған лекция миңә быға тиклем бөтә белгәндәрҙе бер көндә генә бирә һәм мин үҙемдең шатлығымды бер ҡайҙа ҡуйырға белмәйем». 1950 йылдың декабрь башында Илья Эренбургтың Әҙәбиәт институты студенттары алдында ижад психологияһы буйынса сығышы була. Үҙенең тәьҫораттарын Рәми яратҡан уҡытыусыһы менән дә уртаҡлаша: «Мәрйәм апа! Һеҙ ҙә булһағыҙ ине бында! Ни тиклем гүзәл кеше был Эренбург! Мин уны Фадеевҡа ҡарағанда ла тулҡынланыбыраҡ тыңланым. Ғәҙәттән тыш тәрән белемле, төрлө яҡлы юғары культуралы кеше. Беҙҙең менән осрашҡан бер яҙыусыны ла әле мин былай күрмәнем». Донъяға танылған әҙиптәрҙе беренсе курс студентының әле тәүге ҡабат ҡына тыңлауҙары, шулай ҙа уның һынсыл ҡарашы сығыш яһаусыларҙы бик ентекле күҙәтә, әйткәндәрен сағыштыра, тапҡыр ғына һығымта ла яһап ҡуя. Ләкин беҙҙе әле Рәми Ғариповтың Мәрйәм Ғималоваға яҙған хатындағы ошо юлдар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Әлеге һүҙҙәрен ул былай дауам итә: «Ләкин был осрашыуҙан һуң мин бөтөнләй күңелһеҙләнеп ҡалдым. Нисектер үҙемде тамырынан йолҡоп алынған үҫемлек кеүек итеп һиҙҙем. Мин нисектер яңылышҡан кеүекмен. Был институтты мин дөрөҫ һайланыммы һуң? Сөнки мин, тормошто әле бөтөнләй күрмәйенсә, профессиональ средаға килеп индем. Ә яҙыусы өсөн иң ҙур мәктәп – тормош һәм үҙ өҫтөңдә бик күп эшләү. Әгәр ҙә Горький үҙенең тормош университеттарын бөтмәһә, ул Горький була алмаҫ ине. Әгәр ҙә Толстой үҙе Севастополь ваҡиғаларының шаһиты булмаһа, донъяла «В. И. М.» ҙа («Война и мир» – Р.Б.) булмаған булыр ине. Бөтә нәмә тормошта, уның ҡосағында йәшәү. Ә хәҙер мин үҙемде бер ситлектә кеүек һиҙәм. Бит минең аэроклубта уҡыу ғына ла миңә ни тиклем ҙур тормош мәктәбе ине. Ә 48-се йылдағы сәйәхәт миңә ни тиклем байлыҡ килтерҙе! Мин ғәҙәттән тыш икеләнәм. Хатта минең баҫылған беренсе шиғырҙар өсөн дә үкендерә...» Артабан йәш шағирҙың икеләнеүҙәре артҡандан-арта: «Белмәйем, ҡайҙалыр барамын... Ә ҡапыл бер ни ҙә килеп сыҡмаһа, әгәр ҙә мин файҙалы була алмаһам, белмәйем... ҡурҡыта. Хәҙер миндә әллә ниндәй ижади трагедия башлана кеүек». Алда асылып киткән ғилем киңлектәре, юғары уҡыу йорттары өсөн төп әсбапҡа әйләнгән дәреслектәрҙең авторҙары булған ғалимдарҙың үҙҙәрендә уҡыу, әҙәби ижад серҙәренә өйрәткән донъялағы берҙән-бер институттың шәкерте булыу, белем эстәү өҫтөнә аҙна һайын тиерлек төрлө атаҡлы тамаша урындарында, иҫтәлекле ерҙәрҙә күпме тәьҫораттар менән байыу һәм шул уҡ ваҡытта «хәҙер мин үҙемде бер ситлектә кеүек һиҙәм» тигән үтә борсоулы һүҙҙәр. Бер уйлаһаң, туҡтауһыҙ үҫешкә ынтылған, ысынлап та көн дә үҫә барған был йәш кешенең рухи донъяһында ни тиклем ҡаршылыҡлы кисерештәр! Был ҡаршылыҡ, әлбиттә, трагедия кимәлендә түгел. Шәхестең һис кенә лә икегә тарҡалыуы түгел. Илдең төп китапханаһына бер барып инһәң, донъяңды онотаһың. Институттағы лекциялар береһенән-береһе ҡыҙыҡлы. Яңынан-яңы белемгә эйә булыу ғүмерлек оло маҡсат булып ҡаласаҡ. Ләкин Рәми өсөн иң бөйөгө барыбер әҙәбиәт, иң изгеһе – ижад, иң ҡәҙерлеһе шиғриәт бит. Мәскәүгә ашҡынып килеүе лә шулар өсөн бит. Шулар өсөн ул ғүмерен ҡорбан итеүгә лә әҙер. Уҡыуҙағы тырышлыҡтары, ҡомһоҙланып белем алырға, әҙәбиәт донъяһын мөмкин тиклем киңерәк байҡарға, тәрәнерәк аңларға тырышыуы ла ижадта уҡымышлы, төплө әҙерлекле, асыҡ ҡарашлы, үткер фекерле булырға теләүенән, һәр саҡ үҙ һүҙен яҡларлыҡ дәрәжәгә күтәрелергә ынтылыуынан килә. Ижад өсөн былар барыһы ла, әлбиттә, һулар һауа кеүек бик кәрәк. Ләкин ижад өсөн тағы ла мөһимерәге – үҙеңдең асыштарың, эҙләнеүҙәр юлындағы шатлыҡлы табыштарың. Интернатта уҡыған дәүерҙә, бигерәк тә һуңғы кластарҙа һымаҡ. Яҙғаның республика матбуғатында ташҡа баҫылып сыҡҡан икән, тимәк, эҙләнеүҙәр юҡҡа булмаған. Ләкин Мәскәүҙәге ижади мөхиттә күп нәмәләр үҙеңдең күҙеңә лә элеккегә ҡарағанда ҡайтышыраҡ күренә, бүтәндәр тарафынан да талапсаныраҡ баһалана. Бындағы үлсәүҙәр, дәүмәлдәр алдында икеләнеп ҡалыуың да ғәжәп түгел. Тәүге йылдың беренсе семестрында Рәми күберәк Өфөлә яҙылған шиғырҙары менән булды. Иҫкеләрен төҙәтте, яңыларын өҫтәне. Мәскәүҙәге тәүге ҡышта – 1950 йылдың аҙаҡтарында, 1951 йылдың башында «Хыялдан – тормошҡа» тигән цикл тамамланды. Шәлкемгә «Экзамендан һуң» («Пушкин урамы буйлап»), «Һуңғы төн», «Ҡалдың, Өфөм», «Баш ҡала тураһында уйҙар», «Студент көҙө» һәм «Мин – Хужа» тигән алты шиғыр инде. Күпселеге мәктәп тәьҫораттарынан тыуған: уҡыуҙың һуңғы йылы, Өфө менән хушлашыуҙар, яҙмыштарҙың әллә ҡайҙарға алып китеүҙәре: Өфөнән киткәндә уға «Институтҡа инде ашығам, мин ҡайтырмын һиңә яңынан!» тип өндәшкән кисәге мәктәп уҡыусыһының уйында хәҙер инде Мәскәү. Циклдың «Хыялдан – тормошҡа» тип аталыуында уҡ уның башҡорт поэзияһында, айырыуса 30-40-сы йылдарҙа ныҡ таралған антитеза алымына ҡороласағын тойоп була. Әлбиттә, шағир инде уға тиклем күп тапалған «Элек ҡыйын ине, хәҙер еңел ул» тигән ҡаршы ҡуйыу юлы менән китмәй. Шиғырҙарҙа һүҙ барған хәл-ваҡиғаларҙы ундай ябай сағыштырыу менән сикләү мөмкин түгел. Өфөлә милли мәктәптәге сығарылыш кисәһенән һуң башҡорт телендә һөйләшеп, Салауат баҡсаһында шау-гөр килеп көндө ҡаршылаусы йәштәр, шуларҙың байтағының Мәскәүгә уҡырға юлланыуҙары – былар республика тормошондағы, башҡорт халҡының яҙмышындағы мөһим үҙгәрештәр. Тарихи ваҡиға тип баһаланмаған хәлдә лә, улар Башҡортостандың рухи үҫешен раҫлаусы ҡыуаныслы яңылыҡтар. Ошолар тураһында ошо йәштәр араһында тәрбиәләнгән шағирҙың һүҙ әйтеүе ниндәй бәхетле осраҡлылыҡ. Нәҡ шундай яҙмышлы шағирҙың әҙәбиәткә килеүе, бәлки, осраҡлы хәл дә түгелдер, башҡорт милләтенең яңы замандағы рухи ихтыяжынан тыуғандыр. Рәми Ғариповтың был шәлкеме «Хыялдан – тормошҡа» тигән бик үк оригиналь булмаған исем менән аталһа ла, ул яңы йәш быуыңдың кисерештәрен һүрәтләүе, әле быға тиклем башҡорт шиғриәтендә бик аҙ иғтибар ителгән хәлдәр хаҡында һүҙ әйтергә ынтылыуы менән ҡыҙыҡлы. Бындағы әҫәрҙәр шиғри эшләнеш яғынан йәш шағирҙың тәүге шәлкеме өсөн тейешле кимәлдә һымаҡ, ләкин уларҙа тапҡыр деталдәр, сағыу образдар балҡымай. Был цикл артабан «Тормошҡа юл» тип аталып, ундағы дүрт шиғыр Рәми Ғариповтың «Йүрүҙән» исемле тәүге йыйынтығына инде. Уларҙың әлегә иң юғары талаптар кимәлендә эшләнеп, инде һис бер үҙгәртеүҙәр индермәҫлек хәлгә килеп етмәүҙәре арҡаһындалыр бындағы ҡайһы бер шиғырҙар шағирҙың төрлө китаптарында төрлө текстологик варианттарҙа баҫылды. Ләкин хәҙер уларҙың яҙылыу ваҡытына – авторҙың «Әле яңы ғына «Хыялдан – тормошҡа» тигән циклды бөттөм» тигән көндәренә әйләнеп ҡайтайыҡ. Был шәлкеме менән Рәми Ғарипов мәктәп йылдарындағы ижади эҙләнеүҙәренә үҙенсә йомғаҡ яһаны. Инде алдағы яңы бурыстар хаҡында уйлана ине йәш шағир. Йәшәгән дачалары ла, уҡыған урындары ла шау ижад рухы менән һуғарылған был әҙәби мөхит яңы шиғырҙарҙың тыуыуына туҡтауһыҙ илһам биреп торор һымаҡ ине. Ләкин һис тә улай түгел икән шул. Уҡыуҙың, дәрестәргә әҙерләнеүҙең бик күп ваҡытты алыуына ла түҙеп булыр ине. Йоҡоһоҙ төндәр үткәреп йәшәргә Рәми мәктәп йылдарында үҙен күнектергән, ауырлыҡтарға түҙерлек булып сыныҡҡан. Тик шиғырҙар һирәк яҙыла. Кәйефте иң ныҡ ҡырғаны шул. Бөтөнләй юҡ түгел, яңы шиғырҙар тыуа. «Хыялдан – тормошҡа» шәлкеменән һуң «Иркәмә» тигән оҙон ғына шиғыр яҙылды. Мәктәптәге дауыллы мөхәббәте һаман да онотолмай. Был шиғырҙың да сәбәпсеһе – Марият. Ул йыш ҡына йөрәкте һыҙлатып, балҡып күҙ алдына килә. Тик уның да йөрәгенә үтеп инерлек һүҙҙәрҙе ҡайҙан табырға? Һаман да вәғәз уҡыуҙан, трафарет һүҙҙәрҙән ҡотола алмай ул. «Был ҡулдарым эшкә яраһа, мин үҙемде тулы кеше итеп, бәхетле лә итеп тоямын», «Мөмкин түгел күңел бушлығынан, ҡыҙҙар күҙләп, миңә кис йөрөү» – был юлдарҙың, «тулы кеше» һымаҡ һүҙбәйләнештәрҙең үтә йомшаҡ булыуын Рәми үҙе лә һиҙемләйҙер, ләкин һыҙып ташларға ҡулы бармай. Был шиғырҙы ул артабан тотошлайы менән тиерлек ҡыҫҡартасаҡ, бары тәүге строфаны шул көйө һәм һуңғыһын ҡыҫҡартып ҡалдырасаҡ, оҙон яҙманан ошолар тороп ҡаласаҡ: Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин Матурлыҡҡа ғына ҡараһаң. Кеше матур бары эше менән, Был ҡулдарым эшкә яраһа, Мин үҙемә үҙем ҡоям бәхет, Намыҫым саф, күңелем ҡәнәғәт. Ә мөхәббәт өсөн йәшәмәйем – Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт. Уҡыуҙар, йәмәғәт эштәре бик һәйбәт бара. Ләкин шиғырҙар яҙылмай тиерлек. Мәскәү тәьҫораттарынан яңылары моронлап ҡуя ҡуйыуын, тик ҡағыҙға төшкәне көткәндәгесә килеп сыҡмай. «Ҡыҙыл майҙанда» тигән шиғыр тыуҙы. Юлдар төҙөк, һүҙҙәр ҙә үҙ урынында һымаҡ. Әммә күңел барыбер ҡәнәғәт түгел. Үҙе әйтмешләй, яҡшы шиғыр яҙғандағы һымаҡ рәхәтлек юҡ. Йөрәк тетрәнмәй, татлы ғазап кисермәй. Икенсе курсҡа килеп уҡый башлағас, Рәми Ғарипов 1951 йылдың 9 октябрендә Мостай Кәримгә ошолай башланып киткән хат яҙа: «Мостафа ағай! Һеҙгә һаман да өндәшмәй тороуым һәм хушлашмай китеүем өсөн бик ғәфү үтенәм. Сәбәбе бар: һеҙгә бер нисек тә буш ҡул менән инергә теләмәнем. Сөнки бер нәмә лә яҡшылап яҙмаған инем. Йәй буйы йөрәк һыҙлап тик йөрөнө. Башта яҙылғандарынан насар эшләһәм, нисектер енәйәт кеүек тойола. Ә яҙаһы килгән нәмәләр бик күп. Бер көн повестка алдым һәм кис, военкоматтан ҡайтыу менән, тиҙ генә бер нәмә яҙып ташланым. Был яҙҙан бирле, туҡтап тороуҙан һуң, беренсе тауыш ине. Ләкин мин элекке һымаҡ, һәр бер шиғырҙан һуң шатланған кеүек, бер нисек тә рәхәтләнә алманым. Ҡапыл миңә үҙемдән бер ни ҙә сыҡмаҫ кеүек тойола. Ләкин тағы ла элекке фекерҙәремә ҡайтам. Ни эшләргә лә белмәйем. Ә уҡыу бара. Күңелле. Былтыр иптәштәр араһында төрлө фекерҙәргә бирелеп, гел үҙемде ныҡ яңылышҡан кеүек тойоп йөрөнөм. Был ышанмау һәр саҡ ғазапланы. Тормошта ниндәйҙер бик матур, иң кәрәкле нәмәне юғалтҡан кеше кеүек һиҙә инем үҙемде. Ә быйыл шатмын. Тик ваҡыт ҡына етмәй. Уҡырға, уҡырға, өйрәнергә. Аҙ белеү барыһынан да ныҡ ҡурҡыта». «Мәскәүгә юлланып яңылышманыммы, был институтҡа иртә килмәнемме?» тигән икеләнеүҙәр әкренләп үтә барған һымаҡ. Ләкин хәүеф-хафа, шик-шөбһәләр һаман да күңелде өйкәй. Ҡапыл ғына шиғыр тыуа, ләкин был яңылыҡ элекке һымаҡ ҡанатландырмай. «Повестка» тигән шиғыр ошолай башлана: Ҡайтыуыма минең кискә ҡалып Институттан ятаҡҡа, Повестка бар – ята өҫтәлемдә: Иртәгә – военкоматҡа. Һәр ир-егеттең тормошонда көтөп алынған был тулҡынландырғыс ваҡиға тураһында көтөлмәгәнсә өр-яңы образлы һүҙҙәр әйтергә ине, тик шиғыр ғәҙәттәге хәбәр һөйләү һымаҡ башлана. Строфаны тағатып, сәсмә рәүештә яҙһаң, прозанан айырмаһы аҙ. Ошо уҡ 1951 йылда «Бәхет йылғаһы» исемле шиғыр яҙыла. Был шиғырҙың яҙылыуын, бәлки, Федор Сухов менән уның тыуған яҡтарында – Горький әлкәһендә булыуға бәйлелер, Сталинград тәьҫораттары ла хәтергә килгәндер. Атаҡлы йылға тураһында Рәми өсөн ишетеп-уҡып ҡына түгел, үҙенең шәхси яҙмышындағы күргән-кисергәндәр аша һөйләрлек нигеҙ бар. Ошо йылға ярҙарында барған бөйөк алышта атаһы һәләк булған, мәктәптәге һабаҡташтары менән Рәми Волгалағы ҡанлы бәрелештең тетрәндергес урындарын ҡарап йөрөгән. Күпме дәһшәтле күренештәр, йөрәк һыҙландырғыс кисерештәр – шиғыр ғынамы, поэмаларҙа, романдарҙа әйтеп бөтөрөрлөк түгел! Ләкин былар йәш шағирҙың иғтибарынан ситтә ҡала. Бәлки, үҙенә генә ҡағылған артыҡ шәхси хәлдәр булып күренгәндер. Ә бит шиғри ижадтың төп ҡиммәттәренең береһе нәҡ ошондай ябай бөйөклөккә ирешә алыуҙа: һинең шәхси кисерештәрең башҡаларҙы һиҫкәндерһен, уйландырһын, һинең борсолоуҙарың уларҙың яҙмышы менән ауаздаш булһын. Улар күреп-кисереп тә әйтә алмағанды һинең беренсе булып әйтә алыуыңа башҡалар хайран ҡалһын. Быға ирешеү еңел түгел. Дөйөм һүҙ һөйләү һүҙ сәнғәтендә иң ныҡ таралған бәләләрҙән. Ижадтың башланғыс осоронда унан ҡотолоуы айырыуса ҡыйын. Рәми Ғариповтың «Бәхет йылғаһы» исемле шиғыры миҫалында дөйөм һүҙҙәрҙең, шаблон алымдарҙың йәш авторҙың фекерләү системаһында ни тиклем өҫтөнлөк итеүен, үҫеште тотҡарлауын күрәбеҙ. Шиғырҙың «Бәхет йылғаһы» тип аталыуы үҙе үк шул осор әҙәбиәтенә хас «беҙҙең илдә бәхетһеҙлеккә урын юҡ» тигәнерәк принципты, әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙың һәм яҙмыштарҙың фәҡәт бәхетле тамамланырға тейешлеген талап итеүҙәрҙе хәтергә төшөрә, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет әҙәбиәтендә тормош йыш ҡына ал да гөл итеп, ҡаршылыҡтар һылап-һыйпап күрһәтелде. Партия Үҙәк Комитетының журналдар тураһындағы һәм театр репертуарҙары хаҡындағы билдәле ҡарарҙары ижади фекерләү офоҡтарын тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Был осорҙа әҙәбиәттә конфликтһыҙлыҡ күренеше рәсми рәүештә тәнҡит ителһә лә, бик күп әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән идиллия тормоштағы ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәне. Башҡорт поэзияһының һәм, ғөмүмән, тотош әҙәбиәтебеҙҙең һуғыштан һуңғы йылдарҙағы кризислы торошо тураһында ошондай күңелһеҙ һығымтаға килеү, бәлки, артыҡ киҫкен, артыҡ ҡәтғи күренер. Нимә генә тиһәң дә, бындай һүҙҙәр әлегә тиклем бик үк әйтелмәне, совет әҙәбиәте тарихын беҙ туҡтауһыҙ өҫкә үрләүсе юл итеп күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнеп йәшәнек. Әлбиттә, ҡаҙаныштарға ҡарата күрәләтә күҙ йоморға ярамай. Совет ысынбарлығын тотошлай ҡараға буярға тырышыусы фальсификаторҙарҙың төрлөсә борғолауҙарына тарих һис кенә лә мохтаж түгел. Октябрь революцияһының СССР-ҙағы башҡа халыҡтар һымаҡ башҡорт милләтенә лә килтергән бәрәкәттәрҙе күҙе булған һәр саҡ күрер, ҡолағы бар ишетер. Был хаҡта онотоу хәтерҙе юғалтыу менән бер. Бының ни тиклем ҡурҡыныс ауырыу икәнен тарих үҙе ҡат-ҡат күрһәтте. һуғыштан һуңғы башҡорт әҙәбиәте ни тиклем генә ауыр хәлдәргә тарыһа ла, үҙенсә яңы тәжрибә туплауҙан туҡтаманы. Әҙәбиәткә яңы көстәр – Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли, Ғабдулла Әхмәтшин, Динис Исламовтар быуыны – кисәге фронтовиктар көслө төркөм булып килде. Яҙыусылар союзы баҫмаһы «Әҙәби Башҡортостан» журналы сыға башланы. Китап нәшер итеү ныҡ киңәйҙе. Тәржемәгә иғтибар артты, тәржемә китаптар күбәйҙе. Араларында совет әҙәбиәтендә юғары баһаланған өр-яңы әҫәрҙәр ҙә бар ине. Бөйөк Еңеү яулаған ҡеүәтле Ватан берҙәм күтәренке рух менән ҡанатланды. Ләкин еңеү тантанаһы туҡтауһыҙ дауам итә алмай. Еңеү эйфорияһынан сыға алмау хәүефле хәлдәргә килтерә. Ошо эйфория тотош совет әҙәбиәтенең, шул иҫәптән шиғриәттең ҡарашын томаламай ҡалманы. Беҙҙең совет йәмғиәте тик бәхет өсөн төҙөлгән, беҙҙә хаталаныуҙарға урын юҡ, беҙҙең кешеләрҙең ҡараштары асыҡ, уларҙы шик-шөбһәләр хафаламай, беҙҙең юлыбыҙ – тик еңеү юлы, бөйөк Сталиндың һәр бер әйткән һүҙе алдыбыҙҙа яңы офоҡтар аса – ошондай инҡар иткеһеҙ «хәҡиҡәттәр» кешеләрҙең аңына төрлө юлдар менән еткерелде. Халыҡты шуларға инандырыу өсөн әҙәбиәт тә, сәнғәт тә, бигерәк тә кинематография, мәғариф та, фән дә, айырыуса тарих һәм философия тоғро хеҙмәт итергә, төп көсөн шуға бирергә, иң булдыҡлы, талантлы эшмәкәрҙәрен шул маҡсатҡа хеҙмәт иттерергә тейеш ине. Күптәр тоғро хеҙмәт иттеләр, даһи исемен йөрөткән премияларға ҡайһы берҙәре хатта ҡат-ҡат лайыҡ булды. Бындай күренештәр осраҡлы ғына тыуып торһа бер хәл, улар тотороҡло традицияға әйләнде, ижадтың баһаһы күпселектә шулай билдәләнде. Баҫыуҙарҙа тир түгеп бил бөккән крәҫтиәндәр аслы-туҡлы йәшәне, ә романдарҙа, поэмаларҙа, киноларҙа өҫтәлдәр мул һыйҙан һығылды, барыһы ла ал да гөл итеп күрһәтелде. Уларҙа әҙер схема, билдәләнгән ҡалып буйынса һуғылған манекендар үҙәктә булды. Әҙәбиәттәге һәм сәнғәттәге бындай примитивлыҡ бигерәк тә йәштәрҙең аңын ағыуланы. Ошондай сикләнгәнлек ижад донъяһына килеүсе йәш алмаштың ҡанына һеңгәйне, яһалмалылыҡ уларҙы үрмәкес ауы һымаҡ уратып алғайны. Рәми Ғариповтың «Бәхет йылғаһы» исемле шиғыры яҙылған йылдарҙа, йәғни быуат уртаһында барлыҡ совет әҙәбиәте һымаҡ шиғриәт тә бына шундай яҙмышҡа дусар ителгәйне. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһына ингәндә ялған оптимизм, декларатив орандар, даһиға табыныу, донъя империализмын ҡәһәрләү үҙенең апогейына еткәйне. Ошондай һоро шиғри әҫәрҙәр үҙәк матбуғатты ла баҫып алғайны. Был һоролоҡ солғанышында йәш авторға, традицияға әйләнгән ҡалыптарҙың йоғонтоһонан ҡотолоп, үҙ һүҙен, үҙ юлын табыуы еңел түгел. Әкренләп Рәмиҙең яңы шиғырҙары туплана бара. Уларҙа күберәк шул осор тормошоноң тышҡы һыҙаттары, заман шиғриәтендә йыш ҡабатланған клишелар. Башҡорт шиғриәтендә быға тиклем күренмәгән тормош деталдәре лә килеп инә: метро, Тверь бульвары һ. б. Ләкин күренештәр яңы булһа ла, фекерләү иҫкесә: илгә мәңгелек яҙ килтереү, эште һөйөү. «Бәләкәй дуҫтарым»дағы Мәскәүҙе Өфөгә, Тверь бульварын Туҡай урамына алыштырғанда шиғырҙа бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк. Әҙер клишелар бар, Рәми генә күргән үҙенсәлекле кешеләр юҡ, ул ғына тапҡан шиғри образдар юҡ, әйтергә уның ғына ҡыйыулығы еткән үткер фекерҙәр юҡ. Рәми Ғариповтың Әҙәбиәт институтында тәүге курстарҙа яҙған шиғырҙары хаҡындағы был күҙәтеүҙәрҙе уҡып, һағайыусылар ҙа табылырға мөмкин. «Йәш шағирҙың йомшаҡ әҫәрҙәре хаҡында ниңә һүҙ ҡуйыртырға?» – тип һорауҙары ла бар. Бәғзе берәүҙәр иһә, бигерәк тә ижадта үҙ юлдарын таба алмайынса ҡаңғырғандар, мыҫҡыллы йылмайып: «Рәми ҙә башта уҡ оло талант булып китмәгән, ана бит ниндәйерәк юлдар ҙа яҙған», – тип, бәлки үҙҙәрен аҡларға тырышыр. Шағирҙың тормош һәм ижад юлын баштан аҙаҡҡа тиклем тулыраҡ өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған икән, уның һәр әҫәренә иғтибарлы булырға кәрәк. Иң һәләтле һүҙ оҫталары ла, хатта генийҙар ҙа ижадтарының башланғыс осоронда уҡ шиғри камиллыҡтың аҫыл өлгөләрен тыуҙыра алмай. Ундай бәхетле осраҡтар булған хәлдә лә бик һирәк була. Мәсьәлә ҡабатлауҙар, башҡаларға эйәреүҙәр, өйрәнеүҙәр дәүерен үтеүҙә генә түгел, шул ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, үҙ юлыңды таба алыуҙа. Рәми Ғариповтар шиғриәттә үҙ юлдарын эҙләгән дәүерҙә заман ҡуйған сикләүҙәр был эҙләнеүҙәрҙе тағы ла нығыраҡ ҡатмарландырҙы. Йәштәрҙе риторик һөрәндәр шаңғытты, яңғырауыҡ һүҙҙәр, йәнһеҙ ҡалыптар шырлығында уларға байтаҡ аҙашып йөрөргә тура килде. Замандың хаталары менән уларға ла хаталанырға, ялғанлығы аҙаҡ ҡына фашланған инаныуҙар менән инанырға яҙғайны. Күпме тәжрибә туплаған олораҡ быуындарҙың ҡайһы саҡта ҡиблалары буталып киткәндә, хатта улар идиллияға бирелгәндә, йәштәрҙең нисек баштары әйләнмәһен? Донъялағы иң ғәҙел, иң алдынғы йәмғиәт төҙөү идеялары менән илһамланыуҙар, шул бөйөк эштәргә етәкләүсе даһиға ихлас табыныуҙар Рәмиҙәрҙең ҡанына сәңгелдәк йыры менән бергә һеңгән. Рәми донъяға килгән йылда ил тарихында уйылып ҡалған ике ваҡиғаға иғтибар итәйек. Уларҙың береһе Башҡортостан ерендә була: 1932 йылдың майында Ишембай тигән башҡорт ауылы янындағы 702-се вышканан бик көслө нефть фонтаны бәреп сыға, шул көндән башлап башҡорт нефтенең даны бөтә донъяға таныла, СССР-ҙың ҡеүәтен күтәреүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Был ваҡиға Башҡортостан кешеләрен айырыуса ҡанатландыра, башҡорт әҙәбиәтендә яңы тема тыуҙыра, шиғриәттә лә бөйөк төҙөлөштәр менән ғорурланыу тойғоһон айырыуса көсәйтә. Рәми, хәреф танып, китаптар уҡый башлағанда барлыҡ матбуғат ошондай рух менән һуғарылған була. Икенсе хәл дә Урал ерлеге менән бәйле: 1932 йылдың көҙөндә пионер эшенә йәне-тәне менән бирелгән Павлик Морозов кулактар тарафынан язалап үлтерелә. Был фажиғәле үлемдән һуң Павликтың исеме йәш быуынды идеалдарға тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙең иң юғары үрнәгенә, ысын пионерҙарҙың символына әйләнә. Иҫтәлеген һаҡлаусы музейҙар ойошторола, әҫәрҙәр ижад ителә. Октябрь революцияһынан һуң ни бары ун биш йыл үткән, ә ошо арала башҡа дәүерҙе, башҡа ижтимағи системаны бөтөнләй белмәгән-күрмәгән, яңы тормош өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер өр-яңы быуын үҫкән. Павлик Морозов һәләк булған йылды донъяға тыуған сабыйҙарҙың ниндәй шиғырҙарҙы ятлап, ниндәй йырҙарҙы йырлап, ниндәй һәйкәлдәргә табынып үҫәсәген күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Павликтарҙың йөрәгендә тоҡанған ут Олег Кошевойҙарҙың йөрәгендә нығыраҡ янасаҡ. Рәмиҙәр быуынының аң-зиһененә был инаныуҙар тағы ла тәрәнерәк тамырланасаҡ. Мәскәү уларҙың Мәккәһенә, Ҡыҙыл майҙан, Мавзолей Ҡәғбәғә әйләнәсәк. Даһи менән бер ҡалала йәшәү!.. Ышанманым быға һис тәүҙә. Бына бөгөн һеҙгә хаттар яҙам: Детдомыма сәләм Мәскәүҙән! – тип яҙҙы Рәми Ғарипов баш ҡалала уҡыуының икенсе йылында. «Детдом, сәләм Мәскәүҙән» – шиғырҙың исемендә тотош поэманың йәки романдың сюжетын тәшкил итерлек фәһемле яҙмышты төҫмөрләп була: Башҡортостан детдомында тәрбиәләнгән малай Мәскәүҙә белем ала. Уның да бит әле ниндәй вузында – донъялағы берҙән-бер Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөй! «Детдомыма сәләм Мәскәүҙән!» – ошондай һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн, ошондай юғарылыҡҡа күтәрелер өсөн күпме ауырлыҡтарҙы үтергә, ни тиклем тырышырға тура килде, күпме яҡшы кешеләрҙең ярҙамы кәрәк булды. Шундай яҙмышың менән нисек ғорурланмайһың да, ғәзиз Ватаныңа нисек рәхмәттәр уҡымайһың һуң?! Йәш шағир илдең шатлыҡтары менән шатлана, ҡайғылары менән ҡайғыра. Уның йәшәү рәүеше хәҙер Мәскәүҙең етеҙ ритмы менән нығыраҡ ҡушыла. 1953 йылғы көндәлектән: «1 апрель, шаршамбы. Бөтә Мәскәү яҙғы яҡтылыҡ менән балҡый. Һәр кем йөҙөндә нур. Мәскәүҙәр бер туҡтауһыҙ ашыға ла ашыға. Бер ҡайҙа ла бүтән улар һымаҡ ашыҡҡан халыҡты күрмәҫһең. Миңә нисектер яҡын хәҙер ошо ашығыу. Үҙең дә һиҙмәҫтән йәшәү тиҙлегеңде арттыра башлайһың... Кешеләр витриналарҙағы газеталар янында туҡтап, аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға хаҡтар төшөүе тураһында шатланышып уҡый». Яҡтылыҡ менән балҡыған донъяла тормош яҡшыра бара, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, көнкүреш һәйбәтләнә. Әле генә Мәскәү бөтөнләй башҡаса ине. Даһи Сталиндың үлем хәбәренән тетрәнгән кешеләрҙең йөҙҙәре ҡара көйгәйне. Ул ҡайғылы көндәргә әле бер ай ваҡыт та үтмәгән. Рәми ауыр кисерештәр тәьҫирендә яҙылған «Мәңге бергә» тигән шиғырын хәтерләне. ...Аҡрын-аҡрын эре ҡарҙар яуа, Аҡ ҡар түгел, ҡара ҡайғылар... Бынан ауырыраҡ, бынан да ҙур Донъяла һуң ниндәй ҡайғы бар?.. Юғалттыҡ беҙ күҙ-ҡаш араһынан Иң ҡәҙерле, иң дуҫ кешене. Аҡма, йәшем! Кире ҡайтарырға Дауаһы юҡ күҙҙәр йәшенең. Ғүмеремдә өс ҡат күрҙем һине, Өс ғүмерҙә бөтмәҫ көс алдым. Аҡтыҡ тамсыһына саҡлы уны Эше өсөн бирәм Атамдың, – тип яҙғайны ул. Табыныу дәрәжәһендәге был ихлас инаныуҙа тамсы ла яһалмалылыҡ, көсәнеү йәки башҡаларға эйәреү юҡ ине, әлбиттә. Ваҡыт үтеү менән күп кенә ихласлыҡтар ҙа сәйер күренә. Егерменсе быуат уртаһындағы совет кешеләренең кисерештәрен яңы мең йыллыҡта – егерменсе беренсе быуат башындағы йәш быуынға аңлауы еңел түгел. Ләкин хәҙерге аңламау уҙғанды ғәйепләүгә нигеҙ була алмай. Сталинды өс ҡат күргән йәш егеттең өс ғүмерҙә бөтмәҫ көс алған һымаҡ ғәйрәт тойғаны, даһиҙы Атам тип атағаны өсөн уға хөкөм сығарырға хаҡыбыҙ юҡ. Улайға китһә, «За Родину, за Сталина!» тип атакаға күтәрелгән, дошман амбразураһына, танктарға ҡаршы ярһыған арыҫландай ташланған, шул оран менән Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән совет яугирҙәренең дә ҡаһарманлығын шик аҫтына алыусылар, бындай батырҙарса үлемдең бөйөк мәғәнәһен инҡар итеүселәр булыр. Хәйер, булыр тип фараз итергә кәрәкмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай хөкөм сығарырға тырышыусы мөртәттәр һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙең Рәсәй ерлегендә тыуып үҫкәндәр араһында ла бар. Рәми әлеге шиғырҙарын яҙған егерменсе быуат уртаһында бындай тоғролоҡтан башҡа тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине. Әгәр ҙә был иман бер заман ҡаҡшар, үҙебеҙҙең ватандаштар араһынан изге тарихҡа төкөрөүселәр табылыр тиһәләр, ул саҡтағы кешеләрҙең сәстәре үрә торор ине. Ләкин әлегә тормош үҙ яйы менән дауам итә. Ваҡыт тигән тылсымлы көс яраларҙы дауалай, һыҙлауҙарҙы баҫа, ҡайғыларҙы еңеләйтә. Бигерәк тә йәш кешенең күңелендә донъя туҡтауһыҙ яңыра. Бына Рәмиҙең көндәлегендә теркәлгән бер илаһи мәл: «1953 йыл. 5 апрель, йәкшәмбе. Ял. Рустарҙың пасхаһы. Көн ҡояшлы, яланға сығып китмәй булдыра алманым. Йылғаны аша сығып, бер кәбән төбөнә барып яттым да шиғырҙар яҙҙым. Зәңгәр күктән һабан турғайҙары шат моңон ҡоя. Тәүге күбәләктәр леп-леп осоп йөрөй. Ҡар бик аҙ ҡалған. Ер-һыу һарҡып килә». Беләһе ине, ниндәй шиғырҙар яҙылды икән был илһамлы көндә? Бәлки, уның был осорҙағы иң ҡыуаныслы шиғри асыштарының ҡайһы берҙәре нәҡ ошо яҙғы ҡояшлы мәлдә тыуғандыр? Хуш еҫле йылы кәбән ауыл егетенең күңелендә әллә күпме ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе терелткәндер. Һабан турғайҙарҙың моңо ҡойолғанда ул тыуған яҡтың зәңгәр күктәрен, сабый эҙҙәре ҡалған тыуған тупраҡты, Йүрүҙән буйҙарын, әсәһен, туғандарын һағынғандыр. Шулар хаҡында шиғри юлдар килгәндер. Рәми Ғариповтың нисәмә йылдар буйы туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәре хәҙер үҙенең сағыу һөҙөмтәләрен, матур емештәрен дә бирә башланы. 1953 йыл йәш шағирҙың ижади үҫеш юлында мөһим боролош, тәүге ысын асыштар йылы булды. Нәҡ уның үҙенсә әйтелгән, «Мин Рәми Ғариповтыҡы!» тип айырылып торған, авторҙың шәхси тамғаһы һуғылған шиғырҙар нәҡ ошо йылда йышыраҡ яҙыла башланы. Образлы табыштар менән бергә ижад ҡомары көсәйҙе. Икеләнеүҙәр, болоҡһоуҙар һаман да күңелде өйкәне, шул уҡ ваҡытта маҡсатҡа ынтылыш, сәм, ныҡышмалылыҡ артты. Өсөнсө курстан һуң, Рәмиҙәр Ленинградҡа юллана. Сәфәрҙә йәш шағирҙы ниндәй уйҙар елкендергәнен көндәлектән күрәбеҙ: «1953 йыл. 28 июнь. Автобус сәғәт 5-тә генә килде. Ҡуҙғалдыҡ. Мәскәү таң нурҙарына мансылған. Пушкин майҙанына сыҡтыҡ та Горький урамы буйлап елдерәбеҙ. Майҙанда мәғрур Пушкин оҙатып ҡалды, ә Белорус вокзалы эргәһенән үткәндә ҡулына таяғын һәм эшләпәһен тотҡан Горький күтәрелде. Мин улар тураһында ла сәйер тулҡынланыу менән уйланып барҙым. Улар минең иң яратҡан уҡытыусыларым. Ләкин мин уларҙы бик аҙ беләм әле. Миңә шул тиклем күп белергә һәм Бальзак һымаҡ эшләргә кәрәк! Ҙур өмөт һаман ҙурая ла ҙурая. Мин яҙырға тейешмен. Минең шиғырҙар ҙа, поэмалар ҙа, хикәйәләр ҙә, роман да, пьесалар ҙа, сценарий ҙа, тәнҡит мәҡәләләре лә һәм фольклор тураһында китап та яҙғым килә. Сәләмдең тормошо һәм ижады тураһында ла яҙғым килә. Ә ваҡыт шул тиклем аҙ, шул тиклем ҡыҫҡа. Миңә инде 20 йәш тә тулды. Ә бер ни эшләргә өлгөрмәнем! Добролюбов минең йәштә күпме эш эшләгән! Туҡай бөйөк шиғырҙар яҙған! Мин бер нәмә лә эшләргә өлгөрмәй һүнеп ҡалырмын кеүек. Был ҡурҡыта... Тиҙерәк, тиҙерәк, тиҙерәк йәшәргә кәрәк!» Ни тиклем маҡсатҡа ынтылыш, ғүмерҙең һәр мәлен ҡәҙерләп йәшәргә тырышыу! Ваҡыт Рәмиҙе ашыҡтыра, Рәми үҙе лә ваҡытты тиҙләтергә теләй һымаҡ. Тыштан тыныс, һалмаҡ күренһә лә, егеттең ихтыяры ныҡ тупланған, рухы туҡтауһыҙ хәрәкәттә. Ҙурыраҡ әйберҙәргә лә тотона. «Салауат батыр» тигән әҫәрен «Пионер» журналына ебәрә. Ниңәлер уны әкиәт тип атай. Ҡулъяҙма ҡулда булмағас, жанры тураһында һүҙ әйтеүе ҡыйын. Әммә Салауат образы был осорҙа ижади эҙләнеүҙәрендә үҙәктә булғанлығы билдәле. Хәҙер инде ул шиғырҙарының үҙенә оҡшағаныраҡтарын бер дәфтәргә туплай, тәүге йыйынтыҡтың нигеҙе тураһында уйлана. Өсөнсө курста ҡыш Өфөлә редакцияла практика үткәндә ижади мөхит менән нығыраҡ таныша. Союзға инеп, Мостай Кәрим менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултыра, уға «Салауат батыр»ҙы уҡый. Көндәлектән: «Әкиәтте оҡшатманы ул. Теле генә һәйбәт, тине. Яңынан тәрән итеп уйларға ҡушты. Ә шиғырҙарҙың тематикаһы тар булыуын әйтте. Үҙенә оҡшағандарын һайлап алып, газетаға ҡалдырып китергә кәңәш бирҙе». Шиғырҙарын Рәми «Совет Башҡортостаны» газетаһына алып бара. Тик редактор Ғафаров шәлкемдәге байтаҡ урындар менән килешмәй, йәш шағирға Мәжит Ғафуриҙың «Ленинизм – минең маяғым» тигән шиғырын үрнәк итеп ҡуя. Ләкин Рәмигә был әҫәр риторикаға алып бара торған үрнәк булып күренә. Ғафуриҙан бик күп өйрәнергә кәрәк, әммә уның тарыраҡ булыуын да күрергә кәрәк – йәш шағирҙың фекере шулай. Ғафаров менән улар оҙаҡ бәхәсләшәләр. Шиғыр шиғыр булмаҫҡа ла мөмкин, әммә, дөрөҫ булһын – редакторҙың үҙен ел-ямғырҙан һаҡлап ҡалыу өсөн ошондай позицияла тороуы менән килешә алмай автор. Бәхәстең аҙағында: «Шулай ҙа үҙ һүҙлерәк һин, ҡустым. Бының яҡшыға илтмәүе бар», – тигән иҫкәртеү ишетә. Ошондай һөйләшеүҙән һуң әҙәбиәткә талаптарын тағы ла асығыраҡ раҫлап, Рәми Ғарипов былай тип яҙып ҡуя: «Шиғыр газета битендә ҡарасҡы булып, уҡыусыларҙы ҡурҡытып торорға тейеш түгел. Был уҡыусыларҙы шиғырҙан ситкә этәрә. Шуның өсөн дә бит хәҙер «газета теле» тип аталған термин да бар. «Газета шиғыры» тип йөрөтөлгән уҡыусыһыҙ шиғырҙар ҙа бар». Риторика башҡорт шиғриәтендә һуғыштан һуңғы йылдарҙа айырыуса ныҡ таралһа ла, уның тамырҙары егерменсе-утыҙынсы йылдарҙан уҡ килгәнен хәҙер яҡшы аңлай Рәми Ғарипов. Шуға ла халыҡ шағирының «Ленинизм – минең маяғым» тигән классика һаналған әҫәрен ҡабул итә алмай. Ләкин әле генә был йәш шағир Сталиндың үлеменән тәрән ҡайғырып, барлыҡ көсөн тамсыһына саҡлы «эше өсөн бирәм Атамдың» тип яҙғайны бит. Был юлдар «Ленинизм – минең маяғым» менән ауаздаш, хатта унан да киҫкенерәк итеп әйтелгән ант түгелме һуң? Риториканың һәйбәт түгеллеген аңлау бер хәл, ләкин унан ҡотолоуы күпкә ҡыйыныраҡ. Әлифбаларҙан уҡ башҡа тыңҡыслап тултырылған догмаларҙы зиһендән тиҙ генә сығарып ташлап ҡара. Илдә «үҙгәртеп ҡороу» тигән вакханалия барғанда, бик күп яҡты идеалдар аяҡ аҫтына һалып тапалғанда, рухи таяныстар ҡыйратылғанда нисәмә быуын пионерҙар өсөн изге булған Павлик Морозовты атаһын һатыуҙа ғәйепләүселәр ҙә табылды. Эштәренең хаҡлылығына һис кенә лә шикләнмәгән Павлик һәләк ителгәндә уға ни бары ун дүрт йәш булған. Был йәштә хаталаныуҙар ҙа ғәжәп түгел. Ә бына күпме революцияларҙың һәм һуғыштарҙың фажиғәләрен үҙ йөрәге аша үткәргән, ғәҙелһеҙлектәрҙән сабырлыҡтың сигенә етеп, «Юҡтырһың да, алла!» тигән һыҙланыу ауазы менән мосолман донъяһын ҡурҡыуға һалған Мәжит Ғафури 1932 йылда – илле ике йәшенә еткәндә бына нимә тип яҙа: Сикһеҙ ватансы мин, Совет иле Булыу шарты менән ул Ватан. Советтарға дошман кеше – миңә Дошман, әгәр булһа ла атам! Ярты быуаттан артыҡ йәш йәшәп, күпме тормош тәжрибәһе туплаған халыҡ шағиры, әгәр ҙә атаһы советтарға ҡаршы сыҡһа, атаһын дошман һанарға әҙер торғанда, ун дүрт йәшлек фанатик малай нимә эшләргә тейеш һуң? Һәр заман, бигерәк тә синфи идеология хөкөмлөк һөргәндә, кешене сабый сағынан уҡ үҙенең ҡалыптарына ҡыуып индерергә, ситкә тайпылмаҫлыҡ итеп үҙ ҡамытын кейҙерергә күп көс һала. Кеше бындай ҡамауҙарҙан ситләшергә ынтылғанда ла, уның сырмалсыҡтары, дегәнәктәре һаман да тынғы бирмәй. Улар Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә уҡығанда ла Рәмиҙең шиғри юлдарына йыш ҡына килеп инә. Уларҙың әллә ҡайҙан килеп йәбешкәнен шағир үҙе лә һиҙмәй ҡала. Ләкин эҙләнеүҙәр туҡтамай, ҡаршылыҡтар нығыраҡ сыныҡтырған һымаҡ. Бик ғазаплы үткән көндәр бар. Шундай мәлдәрҙең көндәлеккә теркәлгәндәренән: «1953 йыл. 1-10 октябрь. Нимәлер етмәй. Иң-иң ҡәҙерле нәмәмде юғалтҡан кеүекмен. Тик бер өмөт кенә бар: яҙырға тейешмен, яҙа аласаҡмын. Ләкин элекке кеүек йәшәй аласаҡмынмы – белмәйем. Йөрәк утһыҙ, янмай ҙа, тулҡынланмай ҙа. Ниҙер көтәм, ниҙер эҙләйем – нимә? Үҙемә лә аңлашылмай. Башҡа саҡта мин яна торғайным, кисерә торғайным, хәҙерге хәлгә бер ҡасан да осрағаным юҡ! Төндәрен йоҡлай алмайым. Уйланам да уйланам». Бындай юлдарҙы уҡыу ауыр тойғолар тыуҙыра. Көндәлек ни тиклем генә ихлас яҙылмаһын, унда барыһын да әйтеп бөтөрөүе, моғайын, мөмкин түгелдер. Рәмиҙең йоҡоһоҙ төндәре, бәлки, тағы ла ғазаплыраҡ булғандыр. Был болоҡһоуҙарҙың сәбәбе нимәлә? Уҡыу йылы яңы ғына башланып тора. Йәмле йәй көндәрендә тыуған яҡтарҙа булып килеү үҙе үк көс-дәрт өҫтәгән булырға тейеш. Институттың да дүртенсе баҫҡысына күтәрелде. Шатланып, ҡанатланып йөрөр саҡтар! Ләкин күңелдә тынғы юҡ, ғазаплы тартыш бара, һорау артынан һорау ябырыла. Ә ниңә шағирҙың күңелендә тынғы булырға тейеш һуң әле? Эҙләнеүсән шәхес өсөн был, бәлки, тәбиғи хәлдер? Лермонтовтың диңгеҙҙә дауыл эҙләүсе аҡ елкәнен мәктәп йылдарында ерле юҡтан ғына йыш иҫкә ала инеме ни? Хәҙер шағир рухы тағы ла нығыраҡ тынғыһыҙлана, киңерәк офоҡтарға юл ярыр өсөн ҡанатлана. Шиғри камиллыҡҡа ирешер өсөн яңынан-яңы һүҙҙәр эҙләй. Илһам бөтөнләй килмәгәндә, был йоҡоһоҙ төндәрҙә үҙен туҡтауһыҙ уҡырға мәжбүр итә. Бындай саҡтарҙа таянысы ла, йыуанысы ла – китаптарҙа. Уҡыу үҙе үк әллә күпме уйҙар тыуҙыра, әлеге ауыр кисерештәрҙән арындыра. Ҡайһы бер китаптарҙың авторҙары менән бәхәс үҙе үк шағирҙың пландарын асыҡлай, ижадҡа нығыраҡ дәртләндерә. Шуға ла, мәҫәлән, Николай Крашенинниковтың хикәйәләрен уҡып сыҡҡандан һуң көндәлектең октябрь башындағы әлеге яҙмаларына бындай юлдар өҫтәлә: «Тик миңә Крашенинниковтың башҡорттарҙы гел генә буйһоноусан кеше итеп һүрәтләргә тырышыуы оҡшамай. Улар бөтәһе лә иҙелгән, кәмһетелгән, тормошҡа ризаһыҙлыҡ күрһәтмәйҙәр. Был – башҡорт тарихына бер яҡлы ғына ҡараш... Был бөтөнләй бер яҡлы!» Рәми Ғарипов бында айырым яҙыусының тормошҡа мөнәсәбәтенә генә түгел, шул саҡтағы совет тарихсыларының рәсми концепцияһына, революцияға тиклемге тормошто боҙоп аңлатыуҙарына ҡыйыу ҡаршы сыға. Был турала асыҡтан-асыҡ һөйләү мөмкинлеге булмаһа ла, шағирҙың был өлкәләге эске әҙерлеге, объектив фекерләүе мөһим. Шулай уҡ уның Башҡортостан тарихына бәйле барлыҡ әҙәбиәтте ентекләп өйрәнергә тигән ҡарарға килеүе бик әһәмиәтле. Бындай китаптарҙы уҡыу уның үҙенең ижади эҙләнеүҙәренә лә һәйбәт импульс бирә: «Шулай ҙа был хикәйәләр миңә Салауат хаҡында яҙыу өсөн күп нәмәләр бирҙе. Салауат тураһындағы поэманың пландары тағы ла үҙгәрҙе. Легендалар ғына етмәй... Минең Салауат бөтөнләй ҙур һәм яңы, тулы булырға тейеш. Хәҙергә мин уны тыуҙыра алмайым. Ләкин ул минең башымдан сыҡмай. Поэма хаҡында уйламаған көнөм юҡ минең». Шағирҙың болоҡһоуҙарының бер сәбәбе, ә, бәлки, иң үҙәктәгеһелер, бына нимәлә икән. Ул үҙенең киләсәк эштәре менән бергә барлыҡ башҡорт әҙәбиәтенең бурыстары тураһында ла борсола: «Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан тормошонан күпме нәмә яҙырға мөмкин! Башҡортостандың Батыйхан менән һуғышыуҙары, Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский ғәскәренә ҡушылып, поляк интервенттары менән һуғышыуы, 1812 йылғы Ватан һуғышында үҙ ғәскәрҙәре менән Парижға барып инеүҙәре, Суворов ғәскәрҙәре менән Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыуҙары, Пугачев хәрәкәтенең төп көсө булыуҙары, Рус-төрөк һуғышында Севастополде яҡлашыуҙары, Бөйөк Октябрь көндәрендә Петроград өсөн һуғышыуҙары, Шәһит Хоҙайбирҙиндең тормошо, Ватан һуғышы көндәрендә Башҡорт дивизияһының үтелгән юлдары һәм генерал Шайморатовтың, Таһир Күсимовтың, Байғужа Сәйетғәлиндең, Батыр Нафиҡовтың, Зөбәй Үтәғоловтың, Муса Гәрәевтең һәм тағы әллә күпме кешеләрҙең тормоштары хаҡында ни саҡлы әйберҙәр яҙырға булыр ине. Былар беҙҙең гүзәл тарихыбыҙ түгелме һуң? Беҙгә ғорурланмаҫҡа мөмкинме һуң?» Үҙенән олораҡ күпме ҡәләмдәштәре был хаҡта ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәгәндә, Мәскәү студенты башҡорт әҙәбиәте өсөн күпме актуаль темалар тураһында уйлана. Милләттең тарихына ул шағир күҙе менән дә, тарихсы күҙе менән дә ҡарай. Башҡортостан тарихын ул мәктәптә лә, институтта ла уҡымаған, әлбиттә. Үҙе төпсөнгән, үҙ тырышлығы менән белгән. Был байҡауҙар шул ваҡытта уҡ йәмәғәтселеккә барып еткән булһа, күтәрелгән мәсьәләләргә, бәлки, иғтибар көсәйгән булыр ине. Хәйер, улар әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Тарих менән ғорурланыу тураһындағы һүҙен Рәми Ғарипов былай тип дауам итә: «Беҙ, әлбиттә, ғорурланабыҙ, ләкин эшләмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең тарихҡа, гүзәл кешеләребеҙгә ғәмһеҙ ҡарайбыҙ. Халыҡ ижадын, уның гүзәл ҡомартҡыларын йыймайбыҙ, тейешенсә өйрәнмәйбеҙ, яҡшы итеп эшкәртмәйбеҙ. Күпме дәртле кешеләрҙе милләтселектә ғәйепләп, уларға ярҙам итмәйенсә, һәләк итәбеҙ. Белем етмәй, хужа була белеү етмәй, намыҫ етмәй, тәүәккәл рухлы булыу етмәй, ныҡышмалылыҡ етмәй беҙгә. Беҙ бик бәләкәй эш эшләйбеҙ. Ә халыҡ ҙур эш көтә. Уның үҙ улдары менән башҡа халыҡтар араһында ғорурланғыһы килә. Ә беҙ булған нәмәләребеҙҙе лә күрһәтә алмайбыҙ. Берҙәмлек етмәй беҙгә. Бер-беребеҙҙең уңышына ҡыуана белмәйбеҙ, үҙ-ара ярҙам итмәйбеҙ. Бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәре өсөн һыҙлана, ҡайғыра белмәйбеҙ». Бына ҡайҙа ул егерменсе быуат уртаһындағы башҡорт публицистикаһының аҫыл үрнәктәренең береһе. Был һүҙҙәр халҡы өсөн янып йәшәгән егерме бер йәшлек Мәскәү студентының тынғыһыҙ зиһенендә тыуған. Ул ваҡыттағы шалтырауыҡ телмәрҙәрҙән, лозунгыларға ҡоролған мәҡәләләрҙән айырмалы тормошто төптән аҡтарып һала, күпме кешеләргә тынғы бирмәгән, ләкин был хаҡта береһе лә әйтергә ҡыймаған хәлдәр хаҡында сатнатып әйтә түгелме һуң был егет?! Тик был уйланыуҙарҙың көндәлек биттәрендә генә һаҡланып ҡалыуы ни тиклем үкенесле... Кеше йыш ҡына үҙенең баһаһын үҙе белеп еткермәй. Рәми Ғарипов публицист булараҡ, бәлки, шағир булыуға ҡарағанда иртәрәк өлгөргәндер. Көндәлек яҙмаларҙағы байтаҡ урындар шуны раҫлап тора. Ләкин бындай уйланыуҙар яҙылған ваҡытында уҡ айырым мәҡәләләр булып ойошмаған, матбуғатта сыҡмаған. Үкенес белдерерҙән алда шул осорҙағы мөхитте тағы ла ентекләберәк күҙ алдынан үткәрәйек әле. Яҙылған һәм тәҡдим ителгән хәлдә лә бындай фекерҙәр шул осор матбуғатында – 1953 йылдарҙа баҫылыр инеме һуң? Рәмиҙең шиғырҙары тураһында бәхәсләшкәндә редакторҙың йәш шағирҙы нисек әҙер схемаларға ҡыуып индерергә тырышыуы, «Ленинизм – минең маяғым» тигән туранан-тура һуҡтырған бер ҡатлы сәйәси декларацияны үрнәк итеп ҡуйыуы тураһында бында һүҙ булғайны инде. Рәми редакторҙың өгөт-нәсихәтен телдән генә кире ҡаға. Бындай күрһәтмәләр тураһында ул саҡта матбуғатта бәхәсләшеп, инҡар итеү түгел, ҡыйыуһыҙ ғына шик белдереп ҡара! Мөмкин булмаған хәл. Мәктәптә уҡыған китаптар шундай әҫәрҙәрҙән тора, уларҙы нисәмә быуын уҡыусылар ятлап үҫә. Кешенең тарихи аңы, милли ғорурлыҡ тураһында Рәми Ғариповтың принципиаль һүҙҙәрен хатта шәхси көндәлектә күреү ҙә бәғзе тәртип һаҡсыларының ҡолағын тиҙ ҡарпайтыр ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа үҙ ерен, халҡын данлаған өсөн башҡорт әҙиптәре милли сикләнгәнлектә аҙ ғәйепләнмәне. Әле һуғыш бөтмәҫ үк ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1945 йылдың 27 ғинуарындағы «Башҡортостан партия ойошмаларында агитация һәм пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу тураһында»ғы ҡарарынан һуң яҙыусының һәр һүҙенән сәйәси хата эҙләү айырыуса көсәйҙе. Был ҡарар буйынса ҡайһы бер әҫәрҙәрендә башҡорт тарихын боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләнеп, Мөхәмәтша Буранғолов ун йылға хөкөм ителә, Баязит Бикбай партиянан сығарыла. Ундай нахаҡҡа яла яғыуҙар Ҡадир Даянды ла, Рәшит Ниғмәтиҙе лә, Жәлил Кейекбаевты ла ситләп үтмәне. 1951 йылда Башҡортостан яҙыусыларының республика йыйылышында шундай хата ҡараштарға ҡаршы Рәшит Ниғмәти ошолай тигәйне: «Иптәш Чанышев, һеҙ теләйһегеҙме, теләмәйһегеҙме, һеҙгә оҡшаймы, оҡшамаймы, ләкин беҙ, башҡорт яҙыусылары, Урал тураһында ла, Дим тураһында ла яҙасаҡбыҙ. Бөгөн генә түгел, беҙҙән һуң килгән яҙыусылар ҙа яҙасаҡ. Һәр хәлдә, һеҙ быны тыя алмаясаҡһығыҙ. Был местничество түгел, ә патриотик тойғо». Бындай үткер һүҙҙәр һирәк ишетелде, уны Рәшит Ниғмәти ише тура һүҙле шағир ғына әйтә алды. Рәми Ғариповтың ижад принциптары, ижтимағи һәм эстетик ҡараштары нәҡ бына шул рухта нығыны. Эҙләнеүҙәрҙең ошо йүнәлештә дауам итеүе киләсәк үҫешкә ныҡлы ерлек әҙерләне. Мәскәү мәктәбе Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына Рәми Ғарипов 1950 йылда Башҡортостандан бер яңғыҙы килеп инде. Уға тиклем бында драматург Ғабдулла Әхмәтшин юл ярғайны: ситтән тороп уҡып йөрөй ине. Рәми йәш шағир Марат Кәримов һалдат хеҙмәтен тултырғас, Мәскәүгә юлланыр, бергә уҡырҙар тип өмөтләнә, әлегә ул Алыҫ Көнсығышта. Уның ҡарауы Рәми өсөнсө курсҡа килгәндә Әҙәбиәт институтында Башҡортостандан бер юлы өс кеше – Рафаэль Сафин, Шакир Янбаев, Рәйес Низамов беренсе курс студенттары булып киттеләр. Был ваҡытта Даһи Бабичев икенсе курста уҡый ине. Шулай итеп, Әҙәбиәт институтында Рәми инде бер үҙе генә түгел. Тотош бер төркөм булып, гөрләшеп-аралашып йәшәйҙәр. Башҡортса яҙғаныңды уҡырлыҡ, фекер алышырлыҡ, рәхәтләнеп туған телдә һөйләшерлек иптәштәр бар. Шатлығын Рәми көндәлеге менән уртаҡлаша: «Хәҙер бына ниндәй күмәкбеҙ инде! Күңелле! Ҡауыштыҡ! Инде хат аша ғына һөйләшә торған саҡ-суҡтар түгелбеҙ... Инде бер ай уҡынылар. Ҡыҙыҡ егеттәр. Һәр береһе бер төрлө. Һәр береһендә һоҡланғыс яҡтар бар». «Даһи иртәгәге докладҡа әҙерләнгән. Фадеевтың «Йәш гвардия»һының икенсе баҫмаһы тураһында һөйләйәсәк. Бергәләп уҡып, тикшерҙек» (2.10.53). Киске аштан һуң йыш ҡына ашханалағы рояль янына йыйылалар. Рафаэль роялдә уйнай, матур тауышы менән моңло итеп йырлай. Башҡорт, татар, рус көйҙәрен тыңлап, оҙаҡ ҡына ултырып алалар. Шакир ҙа йыр башлап ебәрә. Күңеле төшкәндә Рәйес тә ҡушыла, Рәми ҙә мөңгөрләп ултыра. Туған моңдар егеттәрҙе үҙ-ара нығыраҡ бәйләй. Иң ныҡ яҡынайтҡаны, әлбиттә, әҙәбиәт, ижад хыялдары. Был уҡыу йортона уларҙың төрлөһө төрлө тормош юлдары үтеп килеп инде. Араларында иң өлкәне Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылда Күгәрсен яҡтарында Бикбулат ауылында тыуған. 1943 йылда унынсы кластан армияға алына, шофер булып, һуғышта ҡатнаша. Фронт юлдары үткән яугирҙең тормош тәжрибәһе башҡаларҙыҡынан күпкә байыраҡ. Кешеләр менән ул бик яғымлы һөйләшә. Юҡҡа-барға тоҡанып бармай. Тыныс холоҡло, көнкүрештә тотанаҡлы, тапҡанын әрәм-шәрәм итмәй. Студент өсөн был сифат бигерәк тә кәрәк. Һуғыштан ҡайтҡас, Шакир тыуған яҡтарында уҡытыусы булған, унан һуң Өфө музыка училищеһында уҡыған, бер үк ваҡытта Башҡорт радиоһында диктор, редактор булып эшләгән. Үҙенең йомшаҡ, яғымлы тауышы менән радио тыңлаусыларға ул яҡшы таныш. Башҡорт теленең иҫ киткес байлығын, нескәлектәрен, һүҙҙең ҡәҙерен ныҡ белә, күңеле прозаға тартыла. Ҡыйғы районында Әй буйҙарындағы Йыланлы ауылында тыуып үҫкән Рафаэль Сафа улы Сафин да Өфө музыка училищеһын тамамлаған. Мәскәүгә уҡырға килгәнсе үк шиғырҙары баҫылған. Әлшәй районының Асылыкүл яҡтарындағы Ташлы ауылы егете Рәйес Ғилметдин улы Низамов Рафаэлдең ҡорҙашы булһа ла, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн уға ҡарағанда күберәк татып өлгөргән. 1949 йылда Өфөлә йылға флотының һөнәрселек мәктәбен бөтөргәс, пароходта кочегар, машинист ярҙамсыһы булып эшләгән. Башҡорт интернат мәктәбендә уҡығанда шиғырҙар яҙа башлаған. Ҡайһы берҙәре республика газеталарында донъя күргән. Уларҙың Мәскәүгә Әҙәбиәт институтына уҡырға килеүҙәре Рәми өсөн ҙур шатлыҡ булды. Һәр береһен электән үк яҡшы белә. Бында килеүҙәренә ул да үҙ өлөшөн индерҙе, ҡайтҡан һайын кәңәш итеп, өгөтләп йөрөнө, хатлашып торҙо. Интернатта уҡығанда Шакир Янбаев мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгәйне. Бер ваҡыт Рәми Ғариповтың тәртибен – йәғни шиғыр яҙыуға барлыҡ ваҡытын биреп, уҡыуҙа артта ҡала башлауын, барлыҡ мәктәптең ғорурлығы булған абруйлы уҡыусының сығарылыш имтихандары яҡынайғанда ҙур борсолоу тыуҙырыуын етәкселек бик ҡаты тикшергәндә комсомол секретары Шакир Янбаев та булғайны. «Һинең өсөн хәҙер иң төп бурыс – уҡыу» тигән кәңәше әле лә хәтерҙә. Рәми, Рафаэль, Рәйес бер тиҫтер, өсөһө лә 1932 йылда тыуғандар. Улар араһында уртаҡ һүҙҙәр тиҙерәк табыла, буш ваҡыттарын йышыраҡ бергә үткәрәләр. Ҡайһы саҡта һыра эсеп, күңел асып алалар. Шиғырҙар уҡыйҙар, мөхәббәт хаҡында бәхәсләшәләр. «Рәйес миңә бергә мәктәптә уҡып йөрөгән саҡтан уҡ яҡын, – тип яҙа Рәми 1953 йылдың октябрендә. – Тормоштарыбыҙ тышҡы яҡтан бер-беребеҙҙекенә бик оҡшаш. Мәктәпкә тиклем үк һөнәрселек училищеһында уҡып, аҙаҡ пароходта эшләгән. Мәктәптә саҡта мин сығарған журналда үҙенең шиғырҙарын яҙа башланы. Әҙәбиәт институтында бергә уҡыуыбыҙға икебеҙ ҙә шатландыҡ. Бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡыйбыҙ. Мин үҙ фекерҙәремде әйтәм, тәнҡитләйем, кәңәштәр бирәм. Ә ул минең әйберҙәргә ҡарата бер һүҙ ҙә әйтмәй. «Яҡшы!» ти ҙә ҡуя. Шиғырҙары йомшаҡ әле. Институтҡа килеү менән әҙәбиәткә бик етди ҡарай башланы. Эҙләнә, ләкин һүлпәнерәк эшләй. Кеше булыу яғынан асыҡ күңелле, ябай, йылы». Әле уҡый башлағанда Рәмигә ул ҡайһы саҡта остаҙына ҡараған шәкерт һымағыраҡ ҡарай. Мәктәптән үк шулай өйрәнелгән, өҫтәүенә ул ике курсҡа юғарыраҡ. Шуға ла уның шиғырҙары тураһында хуплауҙан артыҡ әллә ни һүҙ әйтмәй. Тәнҡиттән һуң оҙаҡ уйланып йөрөй. Бындай һөйләшеүҙәр улар араһындағы ихлас мөнәсәбәттәргә һис тә ҡамасауламай. «Рәйес асыҡ, ябай, тәбиғи, бер ниндәй позаһыҙ. Уға үҙеңдең бөтә етешһеҙлектәреңде, күңелеңдәге бөтә нәмәне һөйләге, уртаҡлашҡы килә». Рәйестең дә, Рәмиҙең дә аталары һуғышта үлгән, икеһе лә һалдат улдары, етем үҫкәндәр. Биографияларындағы был үҙенсәлек уларҙың ижадтарында ла ҙур эҙ ҡалдырасаҡ. Шиғырҙарҙа үҙен байтаҡ һынап ҡарағандан, бында эш килеп сыҡмаясағын аңлағандан һуң Рәйес Низамов прозаға ныҡлап тотонасаҡ, «Һалдат улы» повесын яҙып, шуның буйынса диплом яҡлаясаҡ, был әҫәрҙе күренекле шағир Владимир Луговской юғары баһалаясаҡ. Рәмиҙең иң ныҡ аралашҡаны, яҡын дуҫы – Рафаэль Сафин. Өфөлә Рәми интернатта уҡығанда уҡ йыш күрештеләр. Рәмиҙең ҡайһы бер шиғырҙарына музыка училищеһы студенты Рафаэль көй яҙҙы, башҡарғандары ла булды. Бына тағы ла бергә ижад итеп йәшәргә насип булған икән, быға нисек ҡыуанмайһың?! Кисәләргә, киноларға бергә йөрөйҙәр, бер үк шағирҙарҙы яратып уҡыйҙар. «Бөгөн Рафаэль менән икебеҙгә лә Арбаттағы киоскынан Лермонтовтың I томын һатып алдыҡ. Көнө буйы бала кеүек шатланышып йөрөнөк» (26.11.54). Бындай шатлыҡлы мәлдәрҙе бергәләшеп аҙ кисермәйҙәр улар. Шул уҡ ваҡытта бер-береһенең һүҙен хуплап ҡына тормайҙар, яңы шиғырҙарҙы бик талапсан тикшерәләр. Әҙәбиәт институтында уҡыған ваҡыт Рәми Ғарипов менән Рафаэль Сафиндың иң ныҡ ижади аралашып, бер-береһенә иң көслө йоғонто яһап йәшәгән йылдары. Быны Мәскәү мәктәбе осоро тиергә мөмкин. һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың рухи тормошонда Мәскәү менән бәйләнеш бигерәк тә йәш кадрҙар әҙерләү буйынса яңы баҫҡысҡа күтәрелде, ысын мәғәнәһендә Мәскәү мәктәбе барлыҡҡа килде. Рус әҙәбиәте, мәҙәниәте, мәғарифы, фәне башҡорт халҡының яҙмышында быға тиклем дә үҫеште тиҙләтеүсе ҙур көстәрҙән булды. Быуаттар буйына шәреҡ, мосолман мөхитендә фарсы, ғәрәп мәҙәниәтенең йоғонтоһон ныҡ кисергән башҡорт милләтендә ун туғыҙынсы быуаттың аҙаҡтарынан алып рус халҡының рухи традицияларына иғтибар арта барҙы. Европа менән Азияны тоташтырып торған тауҙарҙа, далаларҙа йөҙәр-меңәр йылдар буйына ғүмер һөрөү, ошо ерҙәр аша күпме ҡәбилә һәм халыҡтарҙың дәһшәтле ташҡындар булып күсенеп үтеүҙәре үҙе үк башҡорттарҙы тығыҙ аралашыуҙарға хатта дусар итте тиергә мөмкин. Евразия киңлектәрендә этностар асылда бер-береһенән бөтөнләй сикләнеп йәшәй ҙә алмай ине. Көнсығыштан көнбайышҡа, көнбайыштан көнсығышҡа, көньяҡтан төньяҡҡа, төньяҡтан көньяҡҡа хәрәкәт әле көсәйҙе, әле һүнеп торҙо, әммә уның бөтөнләйгә туҡтап, ҡатып ҡалғаны булманы. Бындай күсенеүҙәр, хатта тыуған ерҙе – Ватанды яңыртыуҙар күпме этностарҙың яҙмышын-булмышын ҡайһы саҡта танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте. Берәүҙәр яңы төйәктә лә үҙен һаҡлай алды, икенселәр ят яҡтарҙа сәселеп-таралып юҡҡа сыҡты. Кемдәрҙер ҡотолдо, кемдәрҙер рәхимһеҙ йотолдо. Башҡорт халҡы ла ошондай һынауҙарҙы күп кисерҙе. Шәжәрәһенең йөҙәрләгән быуыны тамырланған изге Уралын күпме илбаҫарҙарға ҡаршы тороп һаҡлап ҡалды. Халыҡтың башҡа тарафтар менән бәйләнеше төрлө дәүерҙәрҙә төрлө кимәлдә, әммә даими дауам итте. Тыумышы менән донъяның иң боронғо эпостарынан булған «Урал батыр»ҙа ваҡиғалар, Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең ғаилә тормошонан башланып, ил яҙмышын ҡурсалауға тиклем киңәйә, йәншишмәнең тере һыуын бөркөү ерҙәге йәшәйештең мәңгелеген, халыҡтың киләсәген раҫлай. Әкиәт батырҙары тыуған төйәгендә көс туплап үҫеп, оло юлға сығалар, башҡа яҡтарҙың батырҙарын еңеп, илдең яҡлаусыһына әйләнәләр. «Хәрәкәттә – бәрәкәт» тигән хәҡиҡәт айырым кешене лә, тотош илде лә тере итеп йәшәтә. Һуңғы дүрт-биш быуатта Башҡортостандың яҙмышы Рәсәй дәүләте менән йылдан-йыл нығыраҡ ҡушылды. Аҡ батша менән дәүләт кимәлендә һөйләшеүҙәр алып барыу, ил-ара килешеү төҙөү өсөн башҡорт ырыуҙары башлыҡтары Уралдан Мәскәүгә һалған юл халыҡтың тарихи үҫеш юлына үрелде. Башҡортостан менән Рәсәйҙе бәйләүсе Мәскәү юлы төрлөһөн күрҙе. Был юлдан башҡорт еренә яҡшы кешеләр, аҡыллы китаптар килде. Башҡорттарҙың азатлыҡ көрәшен ҡанға батырып баҫтырыр өсөн нисәмә тапҡырҙар карателдәр Уралға ошо юлдарҙан ябырылды. Башҡорттоң күпме байлыҡтары рәхимһеҙ таланып, ошо юлдарҙан батша һарайына ағылды. Төрлөһөн күрҙе Мәскәү юлы, уның буйлап яҡшыһы ла, яманы ла күп үтте. Башҡортостандың тарихи яҙмышы, уның киләсәге, донъя менән бәйләнеше һуңғы быуаттарҙа ошо юлдан тыш мөмкин түгел ине. Ун туғыҙынсы быуат аҙаҡтарында Рәсәй империяһында капитализм ныҡ үҫешкән ижтимағи шарттарҙа милләттәрҙең донъя менән бәйләнеше тиҙ үҫте. Рәсәйҙең мосолман колонияларында боронғо тормоштоң нигеҙҙәре әле ныҡ ине. Ләкин заман яңылыҡтары был төбәктәрҙә лә төрлө хәрәкәттәр тыуҙырҙы. Бындай хәрәкәттәр иң алдан башланған урындарҙың береһе Башҡортостан булды. Милләтенә «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән оран менән өндәшкән Мифтахетдин Аҡмулла ватандаштарын күнегелгән ҡалыптарҙан сығырға, тормошҡа киңерәк ҡарарға саҡырҙы. Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы, Камилдар ҡатарына кергән яҡшы. Урыҫса уҡып ҡына түгел белмәк, Хәл килһә, французса белгән яҡшы, – тине ул. Башҡорт, татар ауылдарында рус телендә уҡыусы баланы көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә тапмаҫлыҡ заманда Аҡмулланың был һүҙҙәре күптәр өсөн аңлашылып та етмәгәндер. Ләкин ваҡыт ағышы мәғрифәтсе шағирҙың хаҡлы икәнлеген раҫланы. Кешене мосолман әхлағы ҡағиҙәләре буйынса инсафлы итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған мәғрифәтселек әҙәбиәте шул уҡ ваҡытта яңыса уҡытыу тәртиптәрен, ғилемгә, яңыса донъя көтөүгә киңерәк юлдар асыуҙы яҡланы. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Пушкиндың 100 йыллығына беренсе булып «Баҡсаһарай фонтаны»н төркисәгә тәржемә итте. Егерменсе быуатта рус әҙәбиәте, мәҙәниәте менән бәйләнеш, уның аша Европа, донъя хазиналары менән танышыу айырым эпизодтарҙан, осраҡлылыҡтан эҙмә-эҙлелеккә табан үҫте, ныҡлы системаға әйләнә башланы. Рәсәй мәмләкәтендәге төрки донъяһында был процестар 1905 йылғы революцион тетрәнеүҙәр йоғонтоһонда Әзербайжанда, Татарстанда ҡыҙыу барҙы. Башҡортостан шулай уҡ яңылыҡҡа ынтылыш ныҡ көсәйгән төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Мосолмандар араһында үҙенең Үҙәк Диниә назараты, Рәсәйҙең баш мөфтөйө менән дан ҡаҙанған Өфөгә яҡын-тирәнән генә түгел, Ҡаҙағстандан, Урта Азиянан, Кавказдан заманса ғилемгә сарсаған йәштәр тупланды. Яңыса уҡытыуға ҡоролған Өфөләге «Ғалиә» мәҙрәсәһенең абруйы йылдан-йыл нығыраҡ күтәрелде. Нәҡ ошо осорҙа Мәжит Ғафури «Себер тимер юлы» һымаҡ прогресҡа саҡырыусы билдәле әҫәрҙәрен яҙҙы. 1906 йылда «Аурупа – Азия» исемле шиғыры башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлындағы яңы этапты билдәләүсе үҙенсә программа әҫәре булды. Ике ҡитға диалогы аша шағир ватандаштарын тәрәҡҡиәт юлына ҡыйыуыраҡ баҫырға өндәне, халыҡтың үҫеш мәсьәләһен үҙәккә ҡуйҙы. 1954 йылда Мостай Кәримдең «Европа – Азия» тигән шиғырҙар циклы донъя күрҙе, айырым китап булып сыҡты. Бер үк исемдәге ошо ике әҫәрҙең араһында ярты быуатҡа яҡын ваҡыт ята. Ошо йылдарҙа башҡорт халҡының эволюцияһы, ижтимағи үҫеше, аң-белем кимәле, эстетик зауыҡтары өр-яңы бейеклектәргә күтәрелде. Ошо ярты быуатҡа яҡын арала илде һәм донъяны күпме революциялар, һуғыштар дер һелкетте, Рәсәйҙә, артабан тағы ла байтаҡ илдәрҙә яңы сәйәси ҡоролош тыуҙы. Халыҡ, милләт яҙмышы кешелек яҙмышы менән тағы ла тығыҙыраҡ бәйләнде. Утыҙынсы йылдарҙа Башҡортостан йәштәре Мәскәү, Ленинград ҡалаларында күберәк уҡый башланы, шул үҙәктәрҙә йәш башҡорт ғалимдары, сәнғәт оҫталары тәрбиәләнде. Рус әҙәбиәте, рус теле аша донъя классикаһы үрнәктәрен тәржемә итеү эше системаға һалынды. Йәш башҡорт театрының репертуарында донъя классикаһы урын алды, уға ҡыйыу мөрәжәғәт итеү яңы тәжрибә менән байытты. Былар барыһы ла Мәскәү мәктәбенең һәйбәт йоғонтоһо ине. Был үҙгәрештәр егерменсе быуат урталарынан алып әҙәбиәттә, бигерәк тә шиғриәттә күренекле ҡаҙаныштар менән билдәләнә башланы. Мәжит Ғафуриҙың «Аурупа – Азия»һының әһәмиәте милли ерлек менән генә сикләнмәне, быуат башында төрки халыҡтары араһында яңы ижтимағи киңлектәргә сығыу юлдарын эҙләүҙең тәүге шиғри сағылыштарынан булды. Ләкин был әҫәрҙә яңы проблематика тәүгеләрҙән күтәрелһә лә, ул эстетик күренеш дәрәжәһенә күтәрелеп етә алманы. Мостай Кәримдең «Европа – Азия» шәлкеме үҙенең йөкмәткеһе менән генә түгел, образлы структураһы, оригиналь ҡоролошо буйынса ла шул осорҙағы тотош совет поэзияһында иң күренекле әҫәрҙәр юғарылығындағы оло ваҡиға ине. Был грандиоз шиғри панораманың балҡышы башҡа милли әҙәбиәттәргә лә барып етерлек кимәлдә көслө булды. Ике халыҡ шағирының ике әҫәрен йәнәшә ҡуйып һүҙ алып барғанда, уларҙың ижади үҙенсәлектәрен, уларға бирелгән мөмкинлектәрҙе лә иҫтән сығарырға ярамай. Һәр бер һүҙ оҫтаһы донъяны үҙ бейеклегенән байҡай, шул хаҡта фекерләй алғанса әйтә. Мостай Кәрим Европа менән Азияны тоташтырған бейеклектәрҙән шәхес һәм халыҡ яҙмышын киң фәлсәфи ҡараш менән байҡаны. Был юғарылыҡҡа уны шәхси таланты менән бергә башҡорт шиғриәте туплаған эстетик тәжрибә лә күтәрҙе. Был күренекле әҫәр башҡорт әҙәбиәтенең донъя менән киңерәк бәйләнештәргә ингән дәүерендә тыуҙы, үҙе лә офоҡтарҙы киңәйтеүсе ваҡиғаға әйләнде, башҡорт әҙәбиәтенең кешелек хазинаһын өйрәнеүҙән шул байлыҡҡа үҙ өлөшөн индерерлек ижади тәжрибә, көс туплау кимәленә күтәрелеүен күрһәтте. Мәскәү мәктәбен һәр милләт үҙенсә үтте. Ләкин баштағы өйрәнеүҙән, ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта туранан-тура күсереүҙән йәки эйәреүҙән ижади үҙләштереүгә, үҙ зиһенең аша үткәреп, милли булмышыңа тәбиғи ҡушыуға табан үҫеү юлы күптәр өсөн уртаҡ булды. Әлбиттә, Рәсәйҙәге рус булмаған халыҡтарҙың илдең дөйөм үҫешенә индергән тос өлөштәре бәхәсһеҙ. Мәҫәлән, XVIII быуатта Рәсәйҙә тау эшенең дәррәү алға китеүендә башҡорттарҙың үҙҙәренең ерендәге мәғдән байлыҡтары менән генә түгел, башындағы аҡылы менән дә күрһәткән хеҙмәттәре тарихҡа яҡшы мәғлүм. Шуларҙың береһе – Петербургта тау белгестәре әҙерләүсе уҡыу йортоноң Исмәғил Тасимов инициативаһы менән асылыуы, уның тарафынан тау эштәренең ойошторолоуы. Шул уҡ XVIII быуатта Надир Үрәҙмәтов нефть заводы һалырға рөхсәт һорап йөрөй, башҡорт ерендә нефть барлығына тәү башлап ил күләмендә иғтибар итә. Әммә әле һүҙ айырым осраҡтарҙан ижади бәйләнештәрҙең эҙмә-эҙлекле системаға әйләнеүе, яңыса йөкмәткеле ике яҡлы күренешкә – үҙ-ара йоғонтоға әүерелеүе хаҡында бара. Халыҡтарҙың рухи үҫешендәге, милли әҙәбиәттәрҙең һәм мәҙәниәттәрҙең эволюцияһындағы был яңы этаптың башланыуына айырыуса һуғыштан һуңғы йылдарҙа ныҡлы ерлек әҙерләнде. Совет идеологияһының ҡапма-ҡаршылыҡлы асылы тормоштоң төрлө тармаҡтарында күренде. Бер яҡтан, һуғыш алдынан ҡара ҡырғын булып үткән сәйәси террор күпме ижади көстәрҙе юҡ итте, әҙәбиәттәр бөтөнләй тиерлек таянысһыҙ ҡалды. Икенсе яҡтан, яңы белгестәр әҙерләү, «кадрҙар барыһын да хәл итә» тигән лозунг үҙәккә ҡуйылды. Төрлө сикләүҙәр, догмалар менән ҡамап, рәсми сәйәсәттә тайпылышһыҙ хеҙмәт итеүсе, һәр фарманды һис бер һүҙһеҙ үтәргә әҙер тороусы тоғро көстәр әҙерләнергә тейеш ине. Ләкин йәнле тормошта барыһын да йүгәнләп тотоп булмай. Ысынбарлыҡ сикләүҙәрҙән көслөрәк. Һәр милләттең ижад потенциалы ниндәй генә шарттарҙа ла үҙенә юл яра. Кешеләрҙең яҙмышында совет ысынбарлығы тыуҙырған парадоксаль хәлдәр: башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Булат Ишемғол 1938 йылда атып үлтерелә, уларҙың ҡыҙҙары һуғыш йылдарында, һуғыштан һуң Ленинградта, Мәскәүҙә уҡый, Нинель Юлтыева, Майя Таһирова талантлы балет оҫталары булып дан ҡаҙана, Клара Ишемғолова ғалим дәрәжәһенә ирешә, китаптар яҙа. Ә бит репрессия ҡорбаны булған күпме күренекле шәхестәрҙең ғаиләләре лә ғазаптарға дусар ителә. Сталиндың «атаһы өсөн бала яуап бирмәй» тигән һүҙҙәре ошондай һирәк осраҡтарҙа дөрөҫлөккә тап килгәндер, күрәһең. Илленсе йылдарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан йәштәре күпләп уҡый, уларҙың байтағын Рәми яҡшы белә. Кирәй Мәргән, Ғайса Хөсәйенов, Ғилемдар Рамазанов, Миҙхәт Ғәйнуллин – аспиранттар, башҡорт әҙәбиәте буйынса диссертация яҡлаясаҡтар. Заһир Исмәғилевтең атаҡлы «Салауат Юлаев» операһы нәҡ ошо йылдарҙа Мәскәүҙә яҙыла. Көндәлектән: «Консерваторияға Рафаэль менән һуңлап барҙыҡ. Диплом яҡлау бөткәс кенә, Исмәғилевте ҡотлаған саҡта ғына индерҙеләр. Бик күп үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре, ҡыҙҙары килгән – студенттар, аспиранттар. Әхнәф Кирәй беҙҙең съезға ҡайтыуыбыҙ тураһында һорашты. «Салауат»ты тыңлай алмауыбыҙ үкендерҙе» (8.06.54). Хөсәйен Мәжитов та консерваторияла уҡып йөрөй. Уның диплом имтиханында йырлағанын тыңларға яҡташтар йыйналышып бергә баралар. Ошонда уҡ композитор Рафиҡ Сәлмәнов белем ала. Рәмиҙең һабаҡташы Әсғәт Әшрәпов ВГИК-та кинооператорлыҡҡа уҡый. Тағы бер һабаҡташы Диҡҡәт Бураҡаев Мәскәүҙән геолог булып ҡайтырға әҙерләнә. Бындағы техник вуздарҙа уҡыусы Башҡортостан егеттәре айырыуса күп. Ауылдашы Әкрәм Закиров дипломын отличноға яҡланы, Башҡортостан нефте буйынса яҙылған был хеҙмәтте Мәскәү ғалимдары юғары баһалаған. Бик-бик һирәктәрҙең өлөшөнә тейә торған уҡыу йортонда – ГИТИС-та башҡорт сәхнәһе өсөн һәләтле йәштәрҙән махсус һайлап тупланған төркөмдө уҡыталар. Милли драма театрының киләсәген хәстәрләүҙә бындай ҡыйыу аҙым, тәүәккәл тәжрибә тәүләп эшләнә, республика етәкселегенең был аҡыллы ҡарары башҡорт сәхнәһен күпме сағыу йондоҙҙар менән байытасаҡ. Илшат Йомағоловтың, Гөлли Мөбәрәкованың, Хәмит Яруллиндың, Зинира Атнабаеваның, Муллаян Һөйәрғоловтың, Вил Кәримовтың, Роза Кәримованың, Әмир Абдразаҡовтың, Фәрдүнә Ҡасимованың һ. б. таланттары сәхнәлә, сәнғәттең башҡа тармаҡтарында, шулай уҡ әҙәбиәттә, педагогик эштә балҡып асыласаҡ. Әҙәбиәт институты студенттары ГИТИС-тың дөйөм ятағында йыш ҡына була. Рафаэль, Шакир өсәүләп тәүге ҡабат буласаҡ артисткаларҙың ятағына барғанда Рәми башта уңайһыҙланып ултырғайны. «Ярай әле Шакирҙың теле һөйәкһеҙ! – тип яҙа ул. – Сарлап ҡуйған кеүек. Ни генә әйтһә лә, урынлы булып сыға». Икенсе юлы Диҡҡәт Бураҡаев менән барғанда Гөллиҙе, Фәрдүнәне, Зинираны ентекләберәк күҙәтә. Рәмиҙең студент көндәлектәрендә был һылыуҙарҙың йәшлек портреттары һаҡланып ҡалған. Мәскәүҙә яҡташтар аралашып йәшәй, байрамдарҙы бергә үткәрә. Бында интернаттағы һабаҡташтар айырыуса күп. Йәштәр бар ерҙә туйҙар ҙа була. Ауылдашы, детдомда, интернатта бергә уҡыған Рәғиҙәнең туйында Рәми шиғыр уҡый. Шиғыр көндәлектә теркәлгән. Аҙаҡ китаптарына ингән варианты яңынан ныҡ эшләнгән. Өфөләге башҡорт интернат-мәктәбенең элекке директоры, хәҙер Мәскәүҙә аспирантурала уҡып йөрөгән Мөсәллиә Ғәлиевна Хәйруллина ла был туйҙа уҡыусыларының шатлығын бергә уртаҡлаша. 1953 йылдың 2 май көнө күмәкләшеп Измайлов паркында йөрөйҙәр, шунда татарҙарҙың йыйынына барып сығалар. Рәми Ғарипов ошондай эпизодты көндәлегенә яҙып ҡуйған: «Давай аптыратайыҡ әле быларҙы, – тине Хөсәйен. – Беҙ көрәшә башлаһаҡ, бөтәһе лә килеп етәсәк... Сисенеп ташланыҡ та Хөсәйен менән бер заман серәшә-серәшә алпан-толпан йөрөп алыша башланыҡ. Ысынлап та, беҙҙе күҙ асып йомғансы һырып алдылар. Татарҙар менән бергә өйөрөләргә төштөк. Халыҡ бик ҡыҙыҡлы уйнай. Уларҙың күплегенә иҫ китте... Йырҙары беҙҙең яҡ йырҙарына һис оҡшамаған». Рәмиҙең туйҙа уҡылған шиғырының һуңғы вариантында: «Ҡайҙа барһағыҙ ҙа күңелегеҙҙә Мәскәү яҙын һаҡлап ҡалығыҙ», – тигән теләк бар. Бында уҡыған, тормоштоң төрлө тармаҡтарында белгестәр булып сыҡҡан йәштәр өсөн Мәскәүҙәге йылдар ғүмерҙәре буйына рухи ынтылыштар, интеллектуаль юғарылыҡ билдәһе булып ҡаласаҡ. Мәскәү мәктәбе тигәндән мин был төшөнсәне ундағы айырым уҡыу йортонда белем алыу менән генә сикләргә теләмәйем. Мәсьәлә күпкә киңерәк һәм ҡатмарлыраҡ. Һуңғы йылдарҙа башҡа милләттәргә рус йоғонтоһон тик кире яҡтан күреүселәр бар. Ләкин объектив булырға тырышып, барыһын да тик тәнҡиткә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ тигән боронғо ҡанунды үҙгәртергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Бик һирәк осраҡтарҙа улар, бәлки, маҡсаттарына ирешеп тә ҡуйғылай торғандыр. Халыҡтың тарихи яҙмышы тигән ғәйәт күп яҡлы, оҙайлы, ҡатмарлы күренеш кемдеңдер теләге йәки ваҡытлы талабы буйынса ғына үҙенең төп ағышынан ситкә боролмай. Тарихи үҫештең шундай инҡар иткеһеҙ зарураты бар: һан буйынса бәләкәйерәк милләттәр күп һанлы, ҙур мәҙәниәтле халыҡтар менән рухи бәйләнештә яңы үҫеш бейеклектәрен яулайҙар, кешелектең боронғо бөйөк ҡомартҡыларын, хәҙерге оло ҡаҙаныштарын үҙләштерәләр, шундай аралашыу юлы менән алға баралар. Әлбиттә, һәр милләттең йәшәйешендә, алға барышында үҙ потенциалының, дәрте-һәләтенең төп нигеҙ булыуы бәхәсһеҙ. Шул саҡта ғына бәйләнеш милләткә яңы көс өҫтәйәсәк. Быуаттар буйына башҡорт халҡы донъя хазинаһын ғәрәп һәм фарсы телдәре аша үҙләштерҙе. Хатта егерменсе быуат башына тиклем халҡыбыҙҙың аң-зиһенен һуғарыуҙа был сығанаҡтарҙың әһәмиәте хәл иткес булды. Бөйөк тарихсы, Башҡортостан республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәт-Зәки Вәлидиҙе ата-әсәһе, олатаһы нәҡ башҡорт-төрки һәм ғәрәп-фарсы традицияларында тәрбиәләгән. Ләкин ошо мөхиттә генә ҡалһа, Вәлиди донъяға танылған Вәлиди булырлыҡ сәйәси, ғилми бейеклектәргә артыла алмаған булыр ине. Шуға ла бит ул ҡасып тигәндәй тыуған төйәгенән китергә, яңы белем усаҡтарына үтеп инергә тәүәккәллек итә. Рус телен төплө өйрәнә, шул телдәге ғилми хеҙмәттәрҙе уҡый, Рәсәйҙәге иң күренекле шәрҡиәт ғалимдары менән таныша, Урта Азияға ойошторолған археографик экспедицияларҙа ҡатнаша. Шиһабетдин Мәржәни һымаҡ күренекле тарихсыларҙы тыуҙырған Рәсәйҙәге мосолман мөхитен йәш тарихсы Вәлидиҙең яңы сығанаҡтарға таянған эшмәкәрлеге күпкә киңәйтә. Аҙ һанлы милләттәрҙең берәүҙәре инглиз теле, икенселәре француз теле аша киң донъя менән бәйләнешкә инә. Ғәрәп теле ярҙамында дөйөм кешелек ҡиммәттәрен үҙләштергән башҡорт халҡының тарихи яҙмышындағы үҙгәрештәр халыҡ-ара бәйләнештәрҙә рус теленең әһәмиәтен йылдан-йыл нығыраҡ арттырҙы. Шәреҡ мәктәбенә юлдар бикләнеп, йәғни Бохараның йәки Ҡаһирәнең атаҡлы уҡыу йорттары менән аралашыуҙар өҙөлөп, мәғрифәт юлы Мәскәү мәктәбенә табан боролдо. Рәми Ғариповтар Мәскәүҙә уҡыған осорҙарҙа бик күп башҡорт йәштәренең яҙмышы был мәктәп менән айырыуса тығыҙ бәйләнгәйне. 1953 йылда «Тыуған ерҙәрем» исемле шиғырында Рәми «Тәнем менән мин Уралда тыуһам, аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә», – тигән бик фәһемле һүҙҙәр әйтте. Бында бер ни тиклем шиғри ҡабартыу ҙа барҙыр. Нимә генә тиһәң дә, тәне менән дә, аңы менән дә ул һөйөклө Уралында тыуҙы. Ләкин Мәскәүҙәге йылдарҙы уның икенсе тыуыуы тигәндә һис бер арттырыу булмаҫ. Өфөлә алырлыҡ ғилемдең, өйрәнерлек сығанаҡтарҙың иң төп өлөшөн Рәми интернаттағы йоҡоһоҙ төндәрҙә, Республика китапханаһында уҙғарған көндәрҙә үҙләштереп өлгөргәйне инде. Өфө мөхите уның өсөн артабан тарыраҡ булыр, Әҙәбиәт институтындағы аралашыуҙарҙы бер нәмә лә алмаштыра алмаҫ ине. Шуға ла «аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә» тигән һүҙҙәр шағир биографияһындағы мөһим үҙенсәлекте аса. Ошо уҡ шиғырҙағы «Мәскәү яны! Тик мин урманыңда Урал ҡайындарын уйлайым» тигән һүҙҙәргә лә иғтибар итәйек. Һәм шуларға өҫтәп көндәлектәге «Һағындыра Башҡортостан! Мәскәү мине һағына белергә өйрәтте» (26.03.55) тигән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәйек. Мәскәү мөхите йәш кеше алдында донъя офоҡтарын киңерәк асты, тормоштоң төрлө тармаҡтары менән тулыраҡ аралашырға яңы мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Ләкин процесс бер яҡлы ғына барманы. Башҡорт йырында «Сит илдәргә барып ғибрәт ал» тиелгән. Был ябай кәңәш кенә түгел, халыҡ педагогикаһындағы мөһим тәрбиәүи принциптарҙың береһе. Сит илдәргә барып ғибрәт тә, иң мөһиме – үрнәк тә алып ҡайтыу борон-борондан йәшәү рәүеше һаналған. Ят яҡтағы яңы шарттар кешегә барыбер ниндәйҙер фекер һәм тәжрибә өҫтәгән, күнегелгән төшөнсәләрҙе башҡасараҡ яҡтан асҡан. Мәскәү Рәми Ғариповтың рухи һәм ижади талаптарын юғарыраҡ күтәргән, ят яҡтарҙа йәшәү үҙенән-үҙе тыуған ерҙе нығыраҡ һағындыртҡан, туған телде, туған моңдарҙы нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәткән. Өфөләге интернат уҡыусылары һәр береһе үҙ яғының һөйләшен, үҙ районының тәбиғәтен өҫтөнөрәк күрергә тырышһа, Мәскәүҙә Рәми башҡалар алдында Башҡортостаны менән ғорурлана. Был ғорурлыҡ йәш кешегә ғәйәт ҙур яуаплылыҡ өҫтәгәнен дә ул йылдан-йыл нығыраҡ аңлай. Яҙмыш уға оло бурыс йөкмәткән: СССР-ҙың төрлө республикаларынан, хатта сит илдәрҙән бында уҡырға йыйылған төрлө милләт йәштәре алдында Рәми Ғарипов Башҡортостан вәкиле, хатта билдәле дәрәжәлә илсеһе лә. Уға ҡарап, тотош республика тураһында фекер йөрөтәсәктәр. Ул һәләтле, ул уңған, булдыҡлы булһа, иле хаҡында ла һәйбәт уйлаясаҡтар. Башҡорттар ышаныслы икән, башҡорттарға таянып була икән тиәсәктәр. Әгәр үҙен йүнһеҙ яҡтан күрһәтһә, тыуған республикаһының кешеләренә икеле-микеле ҡарауҙары мөмкин. Бына шундай талапсан һынау үтә Мәскәүҙә һәм республиканан ситтәге башҡа ҙур-ҙур ҡалаларҙа уҡып йөрөүсе байтаҡ Башҡортостан йәштәре. Араларында быны бик үк аңлап еткермәгәндәре лә осрап ҡуя. Күпселеге күңелдәрендә ил тойғоһо, халыҡ рухы ныҡ сыныҡҡан, төплө белемле шәхестәр булып, Башҡортостанға әйләнеп ҡайталар, республиканың киләсәген билдәләүсе ышаныслы көстәр сафына тупланалар. Дуҫтар һәм остаздар Әҙәбиәт институтына Өфөнән уҡырға килгән яңы төркөм Мәскәү шау-шыуында башта бер аҙ шаңҡыбыраҡ йөрөһә лә, тәртиптәргә күнегеп китеүе ҡыйын булманы. Рәми уҡый башлағандағы һымаҡ, япа-яңғыҙ түгелдәр. Шатлыҡ уртаҡлашырлыҡ, сер бүлешерлек иптәш эҙләп, ҡаңғырып йөрөйһө юҡ. Татыу йәшәп алып киттеләр. Ниндәй ҙур маҡсаттар менән килгәндәрен яҡшы беләләр. Тырышып уҡыйҙар, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгелдәр. Барыһы ла һөйкөмлө, дәртле, йыр-моңға һәләтле был ихлас студенттар баштан уҡ күптәрҙең ихтирамын яулап алды. Рәми бындағы ике йыл уҡыу дәүерендә институтта иң йәштәренән булһа ла, үҙенең тырышлығы менән иң алдынғылар рәтенә баҫҡайны. Бына хәҙер яҡташтары килеп өҫтәлде. Һынатырлыҡ түгелдәр. Институтта уларға: «Бына ниндәй ул Башҡортостан егеттәре!» тип, хөрмәт менән ҡарайҙар. Рәми бәләкәстән үк дуҫ йәнле булды. Көсһөҙҙәрҙе яҡларға тырышты. Ауыр хәлдә ҡалғандарға һәр саҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ашыҡты. Замандаштары уның бер нисә тапҡыр һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарғанын хәтерләй. Шундай эпизодтарҙың береһе: Димдә һыу ингәндә бер һабаҡташы бата башлағас, уны Рәми ҡотҡарып алып ҡала. Шул саҡ дуҫы арҡаһында иҫән ҡалған Рәсүл Ҡалмурзин диңгеҙсе булырға һүҙ бирә. Ябай матростан капитанға тиклем утыҙ алты йыл диңгеҙҙә йөҙә. Интернатта ла, Мәскәүҙә лә бергә уҡыған Әсғәт Әшрәпов «Беҙҙең Рәми» исемле иҫтәлегендә шундай ваҡиға тураһында һөйләй: Өфөгә ҡайтҡандарында улар иң элек тыуған мәктәптәренә ашығалар. Бер ҡайтҡандарында Ағиҙел буйында бесән сабыусы интернат уҡыусылары янына киләләр. Был ваҡытта бәләкәйҙәр күлдә һыу инә. Араларынан бер ҡыҙыҡай бата башлағанда, уны Рәми ҡотҡара. Тормош даръяһында ауыр хәлдә ҡалған байтаҡ кешеләргә Рәми ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ул һуңғы тинен дуҫы менән бүлешергә әҙер ине. Иптәштәренең шатлығын ул үҙенеке һымаҡ, хатта унан да яҡыныраҡ күреп шатлана белде. Мәскәүҙә уҡығанда ла шулай йәшәне. Шакир Янбаев менән Хәҙисәнең һөйөүенә ул ни тиклем ихлас ҡыуана, был хаҡта көндәлегендә былай тип яҙа: «Хәҙисә менән Шакир араһында иҫ киткес матур дуҫлыҡ, ҙур мөхәббәт. Шакир үҙе балаларса иҫерек унан! Уларҙың мөхәббәте беҙҙең өсөн дә шатлыҡ. Миңә бигерәк тә. Әйтерһең, мин дә Шакир» (2.10.52). Бындай һүҙҙәрҙе дуҫы өсөн йәнен бирергә әҙер кеше генә әйтә ала. Был хаҡта ҡысҡырып әйтмәй, бөтә күңеле менән шуға инана. Дуҫтарынан да ул шундай уҡ ихласлыҡты, тоғролоҡто көтә, барлыҡ булмышы шуны талап итә. Шуға уны нахаҡ һүҙ, һаҡһыҙ мөнәсәбәт ныҡ яралай. Кешегә сәбәпһеҙгә ҡаты бәрелеп өйрәнмәгәнгә, бындай хәлдәрҙе Рәми ауыр кисерә. Көндәлектән: «Шакир: «Аҡса өсөн яҙаһың һин!» – тине миңә. Был миңә үҙ дуҫымдың арҡанан килеп хәнйәр ҡаҙауы менән бер. Был һүҙҙәрҙе миңә башҡа берәү әйтһә, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ булмаҫ ине. Уларҙы Шакир әйтте. Дошманым да былай әйтмәҫ. Сөнки мин бынан бик алыҫ һәм ят. Бөтә нәмәмде юғалтһам да, үҙ-үҙемдең кешелегемде бер ҡасан да юймам. Артабан: «Шакир менән бөтә йөрәктән һөйләшә алмайым хәҙер... Мин бит уны балаларға ғына хас булған ышаныу менән ярата инем, хөрмәт менән, йылы ололау менән ҡарай торғайным... Ә Хәҙисә кеүек кешеләр һирәк... Хәҙер уның алдында уңайһыҙ. Әгәр ҙә ул Шакир менән минең мөнәсәбәтте белһә, уға бик ауыр булыр кеүек» (1.10.53). Ысын дуҫлыҡтың да төрлө миҙгелдәре булып ала. Ләкин Рәмиҙә үс һаҡлау, кенә ҡыуыу һымаҡ насар ғәҙәттәр юҡ. Иптәштәрен юғалтмаҫҡа, дуҫлыҡты тоғро һаҡларға тырыша. Уның өсөн дуҫлыҡтың нигеҙе фекерҙәш булыуҙа, бер үк маҡсаттарға ынтылып, уртаҡ ҡыуаныстар менән ҡыуанып, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрешеп йәшәүҙә. Студент йылдарында уның иң яҡын фекерҙәше һәм сер бүлешер дуҫы – Рафаэль Сафин. Әле интернатта уҡыған саҡта уҡ улар йыш аралаштылар. Музыкант булырға әҙерләнеүсе Рафаэль Рәмиҙең бер нисә шиғырына көй ҙә сығарғайны. Шиғриәт музыканы барыбер еңде, Сафин әҙәбиәтте яҡыныраҡ күрҙе. Рәми менән Өфөләге ижади аралашыуҙар Мәскәүҙә ижади дуҫлыҡҡа әйләнде. «Рафаэлгә һөйләгән ҡайһы бер һүҙҙәремде мин көндәлеккә яҙырға ҡурҡам», – ти Рәми. Уны үҙенең иң яҡын кешеһе итеп күрә. Шиғырҙарын башта уға уҡый, уның яҙғандарын да беренсе булып тыңлай. Бәхәсләшкән саҡтары ла аҙ түгел уларҙың. Көндәлектән: «Лермонтов хаҡында бәхәсләштек. Уның фекере: Лермонтовты Кавказ тыуҙырған. Ул Кавказда булмаһа, «Беҙҙең заман геройы»н, «Демон»ды, «Мцыри»ҙы, «Ҡасҡын»ды тыуҙырмаған булыр ине. Минең фекер: Лермонтовты үҙенең заманы, үҙенең йәмғиәте тыуҙырған. Рус тормошо – уның ижадының нигеҙе, тупрағы. Кавказ ярҙамсы ролде генә уйнай. Лермонтовтың төп геройы – рус кешеһе». Рафаэлдең әйткәнендә лә дөрөҫлөк бар. Үҙе лә романтик тәбиғәтле шәхес булараҡ, ул Лермонтовтың романтик яҡтарына нығыраҡ иғтибар итә. Рәми иһә тәрәндәнерәк байҡай, төптәнерәк уйлай. Лермонтов ижадының реаль тамырҙарын асырға тырыша. «Бына шундай бәхәстәр аҙым һайын, – тип дауам итә Рәми. – Рафаэлдең фекерҙәрен дәфтәремә бынан һуң үҙ ҡулдары менән яҙҙырасаҡмын. Теләһә, мин дә уның дәфтәренә яҙасаҡмын. Тик ул көндәлектәр алып бармай. Әгәр ҙә мин шул бәхәстәрҙән һуң Рафаэлдең ҡайһы бер яҡтары өсөн бик борсолоп күңелһеҙләнеп ҡуйһам, ул мине бала кеүек күреп, бик тиҙ хәтерем ҡалыусанлыҡта ғәйепләй башлай. Мин бөтөнләй үпкәләүҙән түгел, ә уның ҡайһы бер сифаттары өсөн бөтә йөрәктән һыҙланыуҙан күңелһеҙләнәм. Сөнки уның шул сифаттары тәрәнәйеп китеү мөмкин. Беҙ бергәләп үҫергә тейешбеҙ. Унан башҡа бит минең яҡын кешем юҡ» (13.12.53). Рафаэль ауырып киткән саҡтарҙа Рәми һәр саҡ уның янында була. Киләсәккә ҙур-ҙур пландар ҡоралар, Башҡортостан буйлап фольклор йыйып сәйәхәттәрҙә йөрөргә, әҙәбиәт донъяһын шаулатырлыҡ һәм яңыртырлыҡ әҫәрҙәр яҙыу тураһында хыялланалар. Йәйге каникулдарҙа бер-береһенең тыуған ауылына баралар, унда ла шиғриәт хаҡында һүҙ тынмай. Йыланлыла лапаҫ башында ятҡанда Рафаэлдең Рәмигә уҡыған бер шиғыры аҙаҡ поэмаға әйләнеп китәсәк. Быға ҡәләмдәше менән фекер алышыу ҙа сәбәп булғандыр. Йүрүҙән буйындағы ауылдарға ла барып етәләр. Рафаэлдең баянын ҡалдырмайҙар. Ошондай сәфәрҙәрҙең береһе тураһында Рәмиҙең ҡустыһы Рауил Ғарипов былай тип хәтерләй: «Бер ваҡыт ағайҙың класташы Вәриҙә апай үҙҙәренә Иҙелбайға (Баҙраҡ) саҡырҙы. Өсәүләп йәйәүләп юлға сығып киттек. Мәхмүт ауылы янында Йүрүҙәнде аша сығырға кәрәк, кәмә күренмәй, кисеүҙән кисеп сығырға булдыҡ. Ағай, мин әҙерләнеп бөттөк. Ә Рафаэль сисенмәй. «Миңә һыу инергә ярамай», – тип, беҙҙе аптырашта ҡалдыра. Байтаҡ уйланып торғандан һуң ағай: «Әйҙә, һине баяның менән күтәреп алып сығабыҙ», – тине лә миңә: «Рауил, һин достоиныраҡ – көслөрәк, һин Рафаэлде елкәңә атландыр, мин баянды күтәрәм дә арттан тотоп барам», – тип эшкә тотондоҡ. Мине ҡунаҡҡа барыу теләге еңгәндер инде, шулай итеп, Рафаэлде елкәгә ултырттым да Йүрүҙән аша сығып киттем. Шулай михнәттәр күреп, Баҙраҡҡа барып еттек. Былай йөрөү үкенескә китмәне, ҡунаҡ бик күңелле үтте. Бик күп йырҙар ишеттем һәм ошо кисте ағайҙың беренсе мәртәбә йырлағанын тыңланым. Был йыр «Каруанһарай» йыры ине. Башҡа кисәләрҙә лә йырларға тура килһә, ағай тик шул «Каруанһарай»ҙы йырлар ине. Башҡа йырҙарҙы йырлағанын ишеткәнем булманы». Төрлө юлдарҙы бергә үтергә тура килә. Ҡайҙа ғына булһалар ҙа, уйлағандары әҙәбиәт, яңы китаптар, үҙҙәренең, башҡаларҙың яңы яҙған әҫәрҙәре. Шуныһы ғәжәп: илленсе йылдарҙа Мәскәүҙә башҡорт газетаһын көн дә уҡып барырға, башҡортса китаптар һатып алырға мөмкин булған. Башҡа телдәрҙәге баҫмалар ҙа баш ҡалаға шулай даими килеп торған. Көндәлектән: «Бульварға инеп (Мәскәүҙәге Тверь булвары – Р.Б.), «Совет Башҡортостаны»н ҡараһам, Шамилдың (Шамил Мәхмүтов – Анаҡ – Р.Б.) Назым Хикмәттән тәржемәләре бөтөн бер бит булып баҫылып сыҡҡан! Зәһәр! Үҙемдең шиғырҙар баҫылғандай шатландым. Ҡараһам, аҫта минең мәҡәлә лә бар: «Назым Хикмәт менән осрашыу». Уҡып сыҡтым. Минеке тиерлек хәле ҡалмаған. Елгәрелгән. Ҡоро газета һүҙҙәре. Күңелһеҙләндем» (2.06.52). «Бурысҡа 25 һум алып, Кузнецкий мостҡа, китап магазинына киттем. Мөсәллиә Ғәлиевнаның тыуған көнөнә (15 декабрь) М. Кәримдең «Һайланма әҫәрҙәр»ен бүләк итергә уйлаһам, бөткән. Аптыраным – Мәскәүҙә лә уҡыусылар күп икән! Әхмәт Фәйзиҙең Туҡай тураһындағы романын, Ғ. Камалдың II томын, һ. Таҡташтың йыйынтығын, татар йәштәренең китаптарын алдым» (13.12.52). Булған бит заманалар! Милли матбуғат Мәскәүҙең үҙенә өҙөлмәй барып торған. Әле ҡасан ғына Өфөнөң үҙендә лә республика газеталары урамдарҙа эленеп тора торғайны, йәше-ҡарты туҡтап уҡып китә ине бит. Был бик матур, кешелекле традиция тураһында яңы быуындың, бәлки, ишеткәне лә юҡтыр. Башҡорт китаптары хәҙер Өфөлә ни бары бер-ике урында ғына һатыла, ә байтаҡ район-ҡалаларға улар бөтөнләй барып етмәй. Шулай булғас, милли матбуғатты уҡыусылар йылдан-йыл кәмей тип ниңә ғәжәпләнергә? Әҙәбиәт институтында уҡыусы йәш авторҙарҙың әҫәрҙәрен ундағы семинарҙарҙа тикшерәләр. Рәмиҙәр өсөн бигерәк тә яҡташтары менән бергә йыйылышып ижад тураһында һөйләшкән сәғәттәр ҡәҙерле. «Ғайсаға (Ғайса Хөсәйенов – Р.Б.) шылтыраттым. Өйҙә! Уға һуңғы шиғырҙарҙы уҡыйһы бар. Бер ашханаға инеп, һөйләшеп ултырҙыҡ. Ғайсаны мин Рафаэлдең поэмаһын уҡырға саҡырҙым. Бер кис ултырырға булдыҡ» (7.12.53). Аспирантурала уҡып йөрөүсе Ғилемдар Рамазанов, Ғайса Хөсәйенов, Миҙхәт Ғәйнуллиндарҙың һүҙенә йәш авторҙар айырыуса иғтибарлы. Улар ғилми дәрәжәле белгес булырға әҙерләнәләр, диссертация яҙалар, Мәскәү ғалимдары менән аралашалар. Студенттар уларҙан яҙғандарына ҡарата төплө фекер көтә. Ғайса Хөсәйеновты Рәми интернаттан бирле белә, уның һүҙенә ҡолаҡ һала. Рауил Ғарипов ошоға бәйле былай тип иҫкә ала: «Тәүге тәнҡитсеһе – Ғайса Хөсәйенов. Рәмиҙең дәфтәренә: «Шиғыр өҫтөндә ныҡлы эшләргә кәрәк. Былай яҙғансы, бөтөнләй яҙмағаның артығыраҡ, шиғыр яҙып маташма» тигәнерәк һүҙҙәрҙе яҙған Ғайса Хөсәйенов». Бындай ҡаты һөйләшеүҙәр ҙә булғандыр. Ләкин ундай талапсан һүҙҙәр ижадтан һыуындырмай, киреһенсә, йәш шағирҙы нығыраҡ сәмләндерә. Рафаэль поэмаһының һәр яңы бүлеген Рәмигә уҡып бара. Рәми дуҫының уңыштарына балаларса ҡыуана: «Яҡшы!.. Уның һәр яҙған юлы минең күҙемдән үтә, әйтерһең, мин үҙем яҙам...» (7.12.53). Әле исеме лә булмаған был әҫәрҙе Ғайса Хөсәйеновтар, Миҙхәт Ғәйнуллиндар һ.б. бергә тыңлайҙар. Фекер алышалар, һәйбәт баһалайҙар. Араларында иң ныҡ кисергәне, әлбиттә, Рәми. Авторҙың йәштәше, иң яҡын ҡәләмдәше булған өсөн генә түгел. Уның барлыҡ булмышы, күңел йомартлығы, киң рухи тәбиғәте шулай. Шағирҙар йәки әҙиптәр араһында яңы әҫәр тураһында фекер алышыу ғәҙәти хәл. Бик ҡаты бәхәстәр тыуырға, яңы әйбер бөтөнләй тар-мар ителергә мөмкин. Күккә күтәреп маҡтауҙары ла бар. Әҙәбиәт тарихында бындай хәлдәр бихисап. Ләкин ҡәләмдәшенең яңы әҫәре тыуыуға ошолай ихлас ҡыуанған осраҡтың тағы ла ҡайҙа теркәлгәне бар икән: «Кисә Рафаэлдең поэмаһын Миҙхәт ағайҙарға барып уҡыныҡ. Әле исеме лә юҡ. Ләкин поэма бар. Бындай әйберҙе һуңғы ваҡытта бер кемдең дә яҙғаны юҡ. Уның нисек тыуыуын мин яҡшы беләм... Миңә уның һәр юлы башынан аҙағына тиклем таныш. Бер генә юл да кисерешһеҙ, яныуһыҙ, эҙләнеүһеҙ яҙылманы. Мин Рафаэлгә һәр саҡ ҡаты булдым, ләкин уның һәр юлына эстән генә шатландым. Мин уның былай үҫеүенә дүрт йыл элек бөтөнләй ышанмай инем. Ә кисә ул минең күҙ алдымда тамам шағир булып тыуып етте. Поэманы кисә күптәр аңланы, ләкин тойоп еткермәне. Ә поэма миңә аңлашылмауҙан бигерәк тойолорлоҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Йәштәр бындай тел менән әле яҙмай. Ул халыҡсан, ябай, матур, мәғәнәле. Теле өсөн генә лә рәхәтләнеп тыңланым! Ә был көс түгелме инде! Әгәр ҙә Рафаэль туҡтамаһа, шул урындан артҡа сигенмәһә, ул ысын шағирҙың тәүге матур, яҡты, өмөтлө аҙымын баҫты. Әле ул бына йоҡлап ята. Үҙенең мин аңлаған шағир икәнлеген дә белмәй әле ул. Уны һаҡларға, үҫтерергә кәрәк (күңелем тула). Үҙенә тейешенсә ҡарай белһен һәм иҫермәһен. Иҫерҙеңме – бөттөң. Башҡаса үҫеп булмай. Мин тик шуның өсөн ҡурҡам... Тормошто һәм әҙәбиәтте Рафаэлдән күберәк беләм. Белемем дә тәрәнерәк. Ләкин мин шағир түгел әле. Ул – шағир!» (26.03.54). Рафаэлгә арнап Рәми 1954 йылда ошолай башланған «Теләк» исемле шиғыр яҙа: Йәш бер әсә һөйөп ҡыуанғандай Яңы тыуған тәүге балаһын, Һин дә шулай һәр шиғырың тыуғас, Иң-иң татлы хистә янаһың. Дуҫының шағирлығын раҫлау өсөн Рәми хатта үҙенең шағирлығын инҡар итергә, уның ижади ҡанатланыуы өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер. Барыһы ла әҙәбиәт хаҡына фиҙа булһын! Рафаэлдең әле тикшерелгән «Тормош ҡушыуы» исемле әҫәре ысынлап та уның ижадында, башҡорт поэмаһы жанры үҫешендә үҙенсәлекле ваҡиға булды. Артабанғы йылдарҙа Сафин шағир булараҡ та, драматург булараҡ та юғары баһа алды. Рәми әйткән иҫереүгә, йәғни, уңыштарҙан башы әйләнеүгә ул, бәхеткә күрә, дусар булманы, ләкин һүлпәнләнеп ҡалған мәлдәрҙе лә кисерҙе. Рафаэль Сафиндың әҫәрҙәре тураһында матбуғатта байтаҡ яҙылды. Ләкин ҡәләмдәшенең әле тәүге китабы ла сыҡмаған ваҡытта уҡ уның хаҡында тәүге төплө фекерҙе барыбер Рәми Ғарипов әйтеп ҡалдырған, шатлығын да, хафаһын да йәшермәгән. Дуҫының поэмаһы тураһында әлеге һүҙҙәрҙе яҙғандан һуң өс көн үткәс, Рәми былай тип хәбәр итә: «Маратҡа институтҡа килеү тураһында хат яҙҙым. Юҡһа уны ЦКШ-ға инергә димләйҙәр. Нисек тә күндерергә кәрәк. Рафаэль дә яҙҙы. Киләсәктә үҙебеҙҙең ныҡлы әҙәби коллективты булдырыу тураһында ла һөйләнем» (30.03.54). Марат Кәримовҡа Әҙәбиәт институтында уҡырға тура килмәй. ЦКШ-ны – Үҙәк комсомол мәктәбен тамамлай, унан һуң Юғары әҙәби курстарҙы үтә. Был ижади уҡыуҙар шулай уҡ Әҙәбиәт институтының эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Уртаҡ мөхит, уртаҡ традициялар. Тимәк, Марат Кәримов та Мәскәү мәктәбе тигән бай мәғәнәле, бәрәкәтле ижади солғаныштың һәйбәт йоғонтоһон кисергән, бындағы фекер көрәшендә уның аң-белем кимәле артабан үҫкән, эҙләнеүҙәренә киңерәк офоҡтар асылған. Мәскәү йылдары Марат Кәримовты Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин менән айырыуса ныҡ яҡынайта. Башҡорт шиғриәтенә ҙур өлөш индерәсәк, мөһим яңылыҡтар алып киләсәк был өс талантлы шағирҙың ижади нигеҙҙәре, эстетик ҡараштары нығыныуҙа баш ҡалала тупланған белем һәм тәжрибәнең әһәмиәте баһалап бөтөргөһөҙ ҙур. Юғары әҙәби курстарҙы телгә алғас, уларға бер ни тиклем туҡталып үтергә кәрәк. Был ижади мәктәптә төрлө быуын, төрлө милләт совет яҙыусылары үҙҙәренең оҫталығын камиллаштырҙы, әҙәби бәйләнештәр өсөн яңы мөмкинлектәр асылды. Бында уҡыу йылдары байтаҡ әҙиптәр өсөн союз һәм донъя күләмендә танылыуға үҙенсә старт булды. Егерменсе быуат әҙәбиәтенең иң юғары ҡаҙаныштарының береһе Сыңғыҙ Айтматовтың йондоҙло юлы нәҡ ошонан башланды. Юғары әҙәби курстарҙа уҡыу башҡорт әҙиптәре Нәжиб Асанбаевтың, Муса Ғәлиҙең, Әсғәт Мирзаһитовтың, Абдулхаҡ Игебаевтың, Ғәзим Шафиҡовтың, Наил Ғәйетбаевтың, Рәшит Солтангәрәевтең, Дәүләдиҙең, Тимер Йосоповтың, Әнисә Таһированың, Мәүлит Ямалетдиновтың, Тойғондоң һ.б. күптәрҙең ижадында мөһим һынылыш ваҡыты булды. Мәскәү мәктәбе тигәндән был хаҡта ла оноторға ярамай. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәгән, ижад иткән Әхиәр Хәким, Азат Абдуллин, Талха Ғиниәтуллин, Илгиз Кәримов, Юлай Әминев һ.б. әҙиптәр башҡорт әҙәбиәтенең донъя менән бәйләнешенә яңы һыҙаттар өҫтәне. Башҡорт әҙәбиәтендә Мәскәү мәктәбе унда уҡыу йәки йәшәү менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Әйтәйек, Мостай Кәрим унда уҡымаһа ла, ижадының донъяға яңғырашын Мәскәүҙән тыш, ундағы тәржемә традицияларынан, оҙаҡ йылдар шундағы мөхит менән аралашыуҙан тыш, үҙ-үҙенә донъя кимәлендәге талаптар ҡуйыуынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Илленсе йылдарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Рәмиҙең башҡа вуздарҙың студенттары араһында ла яҡын фекерҙәштәре бар: «Декабрь һәм ғинуар арытты. Бер аҙ ял итеп алырға булдыҡ. 5 көн буйы бер ни уҡыманым. МДУ-нан Диҡҡәт Бураҡаев килеп сыҡты. Өс көн уның менән бергә булдыҡ. Туйғансы һөйләштек... Диҡҡәт менән милли мәсьәлә тураһында ла һөйләштек. Бында политиканың иң нескә урыны. Яңылышмаҫ өсөн ғәҙәттән тыш уйлап эш итергә кәрәк. Юҡһа һинең иң изге, иң яҡшы тойғоларың да хатаға илтергә мөмкин. Иң аҡыллы, ҙур кешеләр ҙә был мәсьәлә буйынса әрәм булғандар» (6.02.55). Диҡҡәт менән Рәми араһындағы фекерҙәшлек Мәскәүҙән һуң да – Диҡҡәт Бураҡаев билдәле ғалим-геолог, фәнни-популяр китаптар авторы булғас та дауам итәсәк. Үҙҙәренә нахаҡ ғәйептәр тағылырын алдан һиҙенгәндәй, ике йәш егет милли мәсьәләләрҙә айырыуса һаҡ булырға тырыша. Иң аҡыллы, иң ҙур кешеләрҙе лә был мәсьәлә буйынса әрәм иткәндәр тип яҙһа ла Рәми хаҡлы булыр ине. Ләкин юғары етәкселәр тарафынан бындай ғәҙелһеҙлек эшләнә тип ул әлегә уйламай, милли мәсьәләләге ҡаты хөкөм-язалар бары айырым кешеләрҙең хатаһы өсөн бирелә тип ихлас ышана. Биш көн буйы бер ни уҡымау Рәмиҙең Мәскәүҙәге тормошонда һирәк була, ә бына башҡаларҙы аңларға, башҡаларға үҙ ҡараштарыңды аңлатырға ынтылыш уның өсөн даими, тәбиғи хәл. Яҡташтар менән һәр күрешеү уның өсөн ҙур кинәнес булһа ла, аралашыу даирәһе бының менән сикләнмәй. Күпкә киңерәк, төрлөрәк. Ауылдағы һымаҡ бында ла Рәми үҙенән олораҡ, тәжрибәлерәк ир-егеттәр янында күберәк булырға, уларҙан үҙенә аҡыл тупларға ярата. Мәскәүгә килеү менән яҙмыш уны яугир Федор Сухов менән осраштырғайны. Шуға уны яҡын күрә: «Институтта диплом яҡлау булды. Федор Сухов өсөн шатмын. Донъяны үҙ күҙе менән күреп, үҙ йөрәге менән тоя белә» (13.05.54). Рәми үҙенән олоға кесе булып ҡына ҡарамай, тиңдәр булып, ышаныслы фекер йөрөтә. Һабаҡташтары араһынан фронтовик Егор Исаев менән йыш ҡына фекер уртаҡлашалар. Тәүге курста сәкәләшеп алғандарын көлөп хәтерләйҙәр. «Башта һуғышып яҡынайыу һәйбәтерәк», – ти Егор. Рәмигә Исаевтың йыйылыштарҙа бик ялҡынланып орандар ташлап, артабан тынып ҡалыуы оҡшамай. Ә кем белә, бәлки был тынлыҡ уның тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәр ваҡыты булғандыр, аҙаҡ Ленин премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы буласаҡ күренекле рус шағиры Егор Исаевтың «Хәтер хөкөмө» исемле поэмаһы, бәлки, Әҙәбиәт институтында моронлай башлағандыр? Яҡын күреп уйҙар уртаҡлашҡан икән, Егор Исаев үҙенән байтаҡҡа кесе Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә битараф булмаған, ҡолаҡ һалған тигән һүҙ. Юҡҡамы ни башҡалар менән һөйләшкәндәр яҙылмаһа ла, был фекер алышыуҙарҙың береһе көндәлеккә теркәп ҡуйылған: «Кис Егор Исаев менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Йыр, тәбиғәт (асфальт, үлән), әҙәбиәт һәм тормош, тәбиғилек һәм яһалмалылыҡ, мөхәббәт һәм ахмаҡлыҡ, ат һәм самолет, генерал ҡатындары, диңгеҙ, урман, «Тымыҡ Дон» һәм «Күтәрелгән сиҙәм», тормошто баһалай белеү тураһында һөйләштек. Шундай фекергә килдек: — Кеше үҙенең характерын тормош эсендә ҡайнап, көрәштә тәрбиәләргә тейеш. — Ахмаҡлыҡ һәр саҡ күҙгә күренеп йөрөй, һәр саҡ тәлмәрйен кеүек һикереп сыға, ә аҡыл тәрәндә ята, ҡысҡырып тормай. — Яҡшыны эҙләгәндә насарлыҡ күберәк осрай (Мин Яңы йылға ҡаршы шыршы эҙләгәндә насарҙарын күп күргәнем хаҡында һөйләнем). — Яратҡан кеше ваҡлыҡты ғәфү итмәй. Уға яратҡан кешенең бәләкәй генә етешһеҙлеге лә ҙур булып күренә. — Үҙеңде яҡшы итеп күрһәтеү яҡшы булыуға ҡарағанда бик еңел. — Атты машина үлтерә алмай. Уны кешенән айырырға кәрәкмәй. — Эшһеҙ йәшәгән генерал ҡатындары диңгеҙҙе лә ванна итеп күрә. Тормош уларға комфорт. Уларҙың ҡайғыһы ла, шатлығы ла бәләкәй. — Йәш тәбиғәтле булмаған кешенең яҙыусы булыуы мөмкин түгел. Яҙыусы һәр саҡ яңыны асыусы, һоҡлана белеүсе һ.б. Был беҙҙең һөйләшеүҙең схемаһы ғына – мин яҡшылап яҙа алмайым. Быны тойорға кәрәк» (26.01.55). Рәми көндәлектәрен ҡайһы саҡта Рафаэлгә уҡый, ә ул дуҫының был шөғөлөнә көлөбөрәк ҡарай. Һәр әҙип күргән-кисергәндәрен һис юғында һирәк-һаяҡ булһа ла яҙыштырып ҡуйһа икән дә бит! Күпме хазина тупланыр ине. Ижадсының көндәлектәре уның тормошоноң тере көҙгөһө. Уларҙы бер ниндәй шаһиттар, замандаштар, хатта яҡын дуҫтар ҙа алмаштыра алмай. Был яҙмалар аша күпме нескә кисерештәр, ҡатмарлы уйҙар, яҙмыштың ниндәй серҙәре тураһында уҡып беләбеҙ. Шуға ла Рәми Ғариповтың тормош баҫҡыстары буйлап үткәндә көндәлектәргә йыш һылтаныу иң ышаныслы йылъяҙмасының раҫлауҙарына таяныу ул. Шағирҙың рухи донъяһында йылда йәки айҙа ғына түгел, ҡайһы саҡта көнөндә, сәғәтендә булған хәлдәрҙе уларҙан башҡа беҙгә тағы ла кем һөйләй алыр ине? Егор Исаев менән булған һөйләшеүҙең иртәгеһенә көндәлеккә ошондай юлдар өҫтәлгән: «Кисә Рауил (ҡустыһы – Р.Б.) килде. Электричкаға оҙатып ҡуйҙым да икенсе электричка менән киттем. Кешеләрҙе ҡарап йөрөнөм. Ҡыҙыҡ – бер аҙ бер ҡайҙа ла сыҡмай торһам, нисектер кешеләрҙе күреп йөрөгөм килә. Бер ниндәй эшһеҙ, электричкала йөрөйөм. Күңелгә нимәлер тапҡан кеүек булам» (27.01.55). Тәғәйен генә барыр ере булмаһа ла, шағир электричкаларҙа бушҡа мөстәңләп йөрөмәй. Зиһене туҡтауһыҙ эшләй, күңеле тынғы белмәй эҙләнә. Уның Мәскәүҙәге ғүмере шулай. Бушағыраҡ ваҡыттар, илке-һалҡы көндәр ҙә булғандыр. Ләкин ихтыяры барыбер кереш һымаҡ тартылған. Тормош әле ташҡын булып ярһый, әле туҡтап ҡалған һымаҡ тып-тын. Ниндәй саҡтарҙа ла Рәми алдына ҡуйған маҡсаттарҙан ситкә тайпылмай. Маяҡтарына, остаздарына тоғро ҡала. Остаздарынан уның өсөн һаман да йәшәү һәм ижад итеү өлгөһө булып үҙәктә Максим Горький тора. Донъя яҙыусылары араһында ул Рәми өсөн иң ҙуры, иң аҡыллыһы. Ҡайһы бер шағирҙарҙы Горький аша нығыраҡ аңлай: «Бер кем дә Блокты Горький кеүек ябай аңлатмай. Рафаэлгә Блок оҡшамай. Ә Горькийҙы уҡыһа – оҡшаясаҡ. Горькийҙы ла ул әле тойоп етмәй» (24.02.54). Бына нисәнсе йыл ул Горькийҙың әҙәбиәт тураһындағы китаптарын эҙләп йөрөй. Кешеләрҙән аҡса алып тороп булһа ла, 23-27-се томдарҙы алып ҡайтҡас, алтай шағиры Аржан Адаровтың: — Вот разбойник! Вот кеше! – тип ҡысҡырып ебәреүе Рәмигә оҡшап ҡала. Ә Рафаэль: — Үҙең үлгәс, был китаптарың кемгә ҡала инде? – тип шаярта. — Горькийҙың бөтә томдары ла һиңә ҡаласаҡ! – ти Рәми. Егеттәр бик оҙаҡ фәлсәфәгә биреләләр. Китап күрһә, ниңә шул тиклем аҡылдан яҙыуына Рәми үҙе лә аптырай. Горькийҙың китап тураһындағы фекерен, әйтерһең дә, унан да нығыраҡ аңлаған кеше юҡ. Китап уның өсөн иң ҡәҙерлеһе, иң изгеһе. Шуға ла бит ул яҡын кешеләренә китап бүләк итергә ярата. Тик үҙенең китапханаһынан бер дананы ла ситкә таратмай, башҡаларға бирмәй: «Рафаэлгә Назым Хикмәттең «Һайланмалар»ын һатып алдым. Ул минән юҡһа үҙемдәгеләрҙе бүләк итеүемде һорағайны. «Рафаэль, был бит яратҡан ҡыҙыңды миңә бир, тигән һымаҡ була», – тигәйнем. Рафаэль китапҡа ныҡ шатланды» (29.12.53). Кешене юғарыға күтәреп данлауы, тормошта күпме ауырлыҡтар күреп, күңелендә һаман да мәрхәмәт һаҡлауы өсөн Рәми Горькийҙы айырыуса яҡын күргәндер. «Мин хәҙер үлгәнсегә тиклем Горький менән бергә! Ул минең күҙҙәремде асты... 7-се класта саҡта мин уның «Әҙәбиәт тураһында»ғы китабын табып, тәүге ҡабат әҙәбиәт, тормош һәм Кеше тураһында уйландым. Ул мине Өфөгә килтерҙе. Ул мине үҙенең институтына саҡырҙы», – тип хәтерләй шағир. Горькийҙы әле үҙе тере саҡта уҡып кумир итеп һайлаған кешеләр донъяның төрлө тарафтарында бик күп булған. Улар араһында ошондай инаныу һүҙҙәрен васыят һымаҡ әйткән берәйһе булдымы икән: «Кеше була алһам, ул һәйкәлде аҡ мәрмәрҙән китап итеп эшләһендәр һәм уға тик шул һүҙҙәрҙе генә яҙһындар ине: «Горький улы – шағир Рәми» (24.02.54). Был һүҙҙәрҙә Рәмиҙең һайлаған маҡсатына тоғролоғо ла, заманға хас максимализм да бергә ҡушылған. Уның Горький ижадына мөнәсәбәте һоҡланыуҙан тәрән анализлауға, төптәнерәк аңлауға табан үҫә бара. Институттың һуңғы курсында Рәми Горькийҙың иң ҡатмарлы әҫәре «Клим Самгин»ды ентекләп өйрәнә. «Мин был китапты уҡыр өсөн биш йыл әҙерләндем. Унда тормоштоң бөтә йөйҙәре ярылып ята. Беренсе курста, әлбиттә, мин уны аңламаған булыр инем», – ти ул (17.02.55). Нисәмә көндәр, төндәр буйы был эпопеяны ныҡышмалы уҡыу бөйөк классиктың фекер ҡоласын тағы ла тулыраҡ аса. «Ура! Клим Самгиндың тормошо ла таныш хәҙер. Хуш, Самгин!.. Һин йәшәргә ҡамасаулайһың. Үҙеңде үҙең юғарыға күтәрәһең, ләкин һинең кеүек ҡырмыҫҡаны йөк башында ла күрмәйҙәр. Горькийға рәхмәт. Был китапҡа мин мәңге бурыслы» (26.03.55). «Клим Самгиндың тормошо» буйынса Рәми семинарға махсус доклад әҙерләй. Бер эште лә өҫтән-мөҫтән эшләргә күнекмәгәнгә, был доклад та бик төплө тикшеренеүгә әйләнә. Авторҙың мещанлыҡ тураһындағы күҙәтеүҙәре ғилми фекерләү маһирлығын асыҡ раҫлай. Семинар өсөн әҙерләнгән сығыш бик йыйнаҡ, тос ғилми хеҙмәт юғарылығында башҡарыла. Был мәҡәлә Рәми Өфөгә ҡайтҡас бер нисә йылдан һуң ғына баҫылып сығасаҡ һәм был хаҡта әле алда һүҙ булыр. «Клим Самгиндың тормошо»н уҡыу, уның буйынса рус телендә «Что такое мещанство?» тигән мәҡәлә өҫтөндә эшләү Башҡортостан тураһында рус әҙиптәре һәм ғалимдары яҙған әҙәбиәтте яңынан байҡап сығыуға сәбәп буласаҡ. Халыҡ яҙмышы хаҡында нығыраҡ уйландырасаҡ. Рәми Ғариповтың илленсе йылдар уртаһында институтты тамамлар йылдағы борсоулы уйланыуҙарында һәм һыҙланыуҙарында уның байтаҡ ваҡиғаларҙы тиҫтә йылдар аша алдан һиҙелмәүе күренәсәк. Максим Горький – үҙәктә, әммә Рәми төрлө яҙыусыларҙан өйрәнергә тырыша. «Шолоховтан һуң Макаренконы уҡырға кәрәк, тип уйланым. Ул минең өсөн Горькийҙан һәм Шолоховтан һуң өсөнсө яҙыусы» (28.01.55). Мәскәү мәктәбендә алған һабаҡтар Рәми Ғариповҡа, уның ҡәләмдәштәренә бик күп ижад серҙәрен асты, донъя әҙәбиәте тигән мөғжизәләр иленең байтаҡ хазиналарын күрһәтте. Рус әҙәбиәтенең төрлө дәүерҙәре буйынса сәйәхәттәр, рус мәҙәниәтенең тарихын байҡауҙар, башҡа фәндәрҙе өйрәнеүҙәр барыһы ла мауыҡтырғыс булды. Тырышҡан кешегә төплө белем алыу өсөн бында, ысынлап та, бик ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылғайны. Ә инде донъяға танылған һүҙ оҫталарын, тере классиктарҙы тыңлау күпселек йәш ижадсыларҙың төшөнә лә инмәгәндә Әҙәбиәт институты студенттары тормошонда йыш ҡына булып торған өндәге хәл ине. Туҡтауһыҙ эҙләнеүсән, үҙ-үҙенә ҡаты талапсан Рәми мөстәҡил әҙәбиәт илен хәтерләткән был уҡыу йортонда ижад принциптарын асыҡ билдәләне. Көндәлектәрҙә улар төрлө биттәрҙә күренә. «Үҙ-үҙемә ҡағиҙәләр» тигән үҙенсә кодекста шағирҙың кредоһы тайпылышһыҙ үтәлергә тейешле хәҡиҡәттәр рәүешендә бер урынға тупланған (24.04.53). 1953 йыл «Уйланыуҙар» менән йомғаҡлана (30.12.53). Бында шағирҙың фекерҙәре, талаптары, кәңәштәре башҡаларҙан элегерәк үҙенә төбәлгән. Бындай яҙмаларҙа автор үҙ һүҙен табыр өсөн юлдар эҙләй, саралар билдәләй, иҫке ҡалыптарҙан ҡотолорға тырыша. Шул уҡ ваҡытта үҙ заманының сикләнгән ҡараштарын, ижтимағи ҡоролош тыуҙырған шикле ҡанундарҙы икеләнеүһеҙ ҡабул итә, үҙе өсөн инҡар иткеһеҙ дөрөҫлөк итеп һанай. «Уйланыуҙар»ҙағы беренсе раҫлау: «Башҡорт теленең үҫешенә ислам диненең схоластик китаптары бер ниндәй ҙә файҙа килтермәгән. Ә рус телендә христиан дине хаҡында яҙылған китаптарҙың бик ҙур йоғонтоһо бар бит». Христиан диненең рус теленә йоғонтоһо, ысынлап та, бик ҙур булған, сөнки «Библия», «Евангелий»ҙар руссаға тәржемә ителгән, халыҡ нисәмә быуаттар буйына төп дини тәғлимәттәрҙе күңеленә туған теле аша һеңдергән. Мосолмандарҙың төп китабы «Ҡөрьән» башҡортсаға әйләндерелмәгән, дини хеҙмәттәрҙең күпселеге Рәсәйҙә лә ғәрәпсә яҙылған. Ләкин быға ҡарап ҡына исламдың башҡорт теленә йоғонтоһон кире ҡағыу мөмкин түгел. «Исламдың схоластик китаптары» тигәндән атеистар иң элек изге Ҡөрьәнде күҙ уңында тотҡанлығы шикһеҙ. Ләкин мосолман донъяһының башҡорт теленә шифалы йоғонтоһо ғәрәп-фарсы лексикаһының бик ҙур урын алып тороуы менән генә билдәләнмәй. Исламдың йоғонтоһо башҡорттоң рухи булмышында бөйөк урын алып тороуы, халыҡтың яҙмышындағы тарихи әһәмиәте менән билдәләнә. Рәми ислам тарихына 1954 йылдың 2 октябрендәге яҙмаларында ла бик схематик рәүештә ҡағылып үтә. Исламды христиан дине менән сағыштырып, былай яҙа: «Ҡөрьән Евангелиеның яуызлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтмәү тураһындағы тәғлимәтенә оҡшаш. Ҡөрьән дә, Евангелие ла хеҙмәтсәндәргә үҙҙәренең иҙеүселәрен яратырға тәҡдим итә. Ҡөрьән быны «мосолмандар» булған өсөн, ә Евангелие «яуызлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтергә ярамағанлыҡтан» шулай эшләргә ҡуша». Совет илендә тыуып үҫкән, комсомол рухында тәрбиәләнгән шағирҙан башҡаса фекер йөрөтөүҙе көтөү йәки талап итеүе ҡыйын. Ләкин милләт күңеленә халыҡ педагогикаһы, дини традициялар һалған әхлаҡ ҡағиҙәләрен совет идеологияһы ла юҡ итә алманы. Халыҡ барыбер иманһыҙға әйләнмәне. Ҡөрьән менән Евангелие тураһындағы әлеге һүҙҙәрен Рәми былай тип йомғаҡлап ҡуя: «Минеңсә, яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән түгел, ә яҡшылыҡ менән яуап бирергә кәрәк». Халыҡтың «Таш менән атҡанға аш менән ат» тигән һүҙҙәре лә тап шул хаҡта түгелме һуң? Атеистик пропаганданың бер нисә быуын кешеләрен диндең бөйөк әхлаҡи байлыҡтарынан айырырға тырышыуы СССР-ҙағы барлыҡ милләттәргә һәм диндәргә ҡағылды. Әҙәбиәттә аллаһыҙлыҡ шәхестең юғары сифаттарынан һаналды, дин әһелдәре аяуһыҙ мәсхәрә ителде. Рухи һәм рухани һүҙҙәре икеһе лә бер тамырҙан. Руханиҙарҙы эҙәрлекләү менән бергә совет илендә барса халыҡтарҙың рухи хазиналарына һөжүм барҙы. Күпме һәйбәт традицияларға иҫкелек ҡалдығы тигән ҡара мөһөр баҫылды, революцияға тиклемге тарихтың һәм рухи мираҫтың ҙур өлөшө синфи күҙлектән тыйылды йәки боҙоп күрһәтелде. Был талау-имгәтеүҙәр илдәге бер генә этностың да күңелен урап үтмәне. СССР-ҙа оҙаҡ йылдар дәррәү алып барылған рәсми идеологияның мосолман, айырыуса төрки халыҡтарының күпселегенә, атап әйткәндә, уларҙың әҙәбиәтенә ҡағылышлы бер яман үҙенсәлеге бар. Быуаттар буйына шәреҡ традициялары рухында үҫкән был әҙәбиәттәрҙең революциянан һуң яҙмышы ҡырҡа үҙгәрҙе. Рус әҙәбиәтенә, уның аша Көнбайышҡа ориентация был халыҡтарға яңы эстетик тәжрибә өҫтәне. Ләкин был үҙгәрештәр халыҡтың рухына тамырланған байтаҡ традицияларҙы йолҡоп алыу, күпме тере шишмәләрҙе ҡоротоу, артабан үҫәсәк көс-ҡеүәтте ҡорбан итеү иҫәбенә башҡарылды. Шулай итеп, Мәскәү мәктәбе төрки әҙәбиәттәре өсөн изге булған шәреҡ мәктәбе менән бәйләнеште өҙҙө тиергә мөмкин. Яҡшы эштәр эшләгәндә яманлыҡҡа ла юл ҡуйылды. Уҙғандағы бай мираҫ менән бәйләнештә был сикләнгәнлек башҡорт әҙәбиәтенә килеүсе яңы быуындарҙың ижади үҫешендәге мөмкинлектәрҙе тарайтмай ҡалманы. Был бушлыҡты Рәми Ғарипов аҙаҡҡараҡ ныҡ кисерәсәк, башҡорт шиғриәтенә шәреҡ мәктәбенең традицияларын ҡайтарыу өсөн күп көс һаласаҡ. Ниндәйҙер бик кәрәкле тамырҙар менән бәйләнештең етмәүен тойғандай, Әҙәбиәт институтындағы йылдарҙа уның халыҡ ижадына иғтибары айырыуса көсәйҙе. «Бер ваҡытта ла үҙеңде халыҡ ижадынан айырма», – тип яҙҙы Рәми «Үҙ-үҙемә ҡағиҙәләр»ҙә. «Уйланыуҙар»ҙа оло маҡсаттарҙың ҡайһы берҙәре ошолай билдәләнде: «Шиғыр яҙа башлаусы йәш кешегә шундай мәсьәләләрҙе ҡуйырға кәрәк: халыҡ ижадын, телен өйрәнеү... сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар образынан үрнәк алыу; бөтә классиктарҙан, туғандаш халыҡтарҙан өйрәнеү...» Теләктәр ҙур, ынтылыштар киң, ләкин шәреҡ традицияларына мөнәсәбәт был дөйөм декларацияларҙа әлегә бик томанлы. Рус әҙәбиәте тигән ғәйәт оло донъяны нығыраҡ аңлау, ундағы бөйөк һүҙ оҫталарынан ижад серҙәренә өйрәнеү, Көнбайыш әҙәбиәттәре буйынса ла белемлерәк була барыу йәш шағирҙы ныҡ байыта. Ләкин киң офоҡтарҙың шәреҡ тарафын болоттар ҡаплап тора. Туған милләтенең шиғри тәбиғәтендәге иң боронғо ҡатламдарҙы Рәми халыҡ ижади әҫәрҙәрендә күрергә тырыша. Икенсе курстан һуң йәйге каникулда Башҡортостандың көньяҡ райондарындағы байтаҡ ауылдарҙа сәсән телле милләттәштәре менән осраша, фольклор йыя. Мәргән һүҙҙе нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәнеү уға башҡорт әҙәбиәтендәге яңылыҡтарҙың ысын баһаһын аса. Шиғриәттә яңы йондоҙҙоң сағыуыраҡ балҡый барыуы, яңы таланттың көс туплауы уның күңел байрамына әйләнә. Шуға ла бит студент көндәлегендәге тәүге юл остазы күреп Мостай Кәримгә өндәшеүҙән, «Мостафа ағай!» тигән һүҙҙәрҙән башлана. Мәскәү мәктәбендә Рәми бик күп аҡыллы уҡытыусыларҙың шәкерте була. Мостай Кәрим менән аралашыу, уның әҫәрҙәрен шул осорҙағы башҡорт шиғриәтендә үҙенә иң юғары өлгө итеп ҡуйыу – йәш шағир өсөн Мәскәү дәүерендәге иң илһамлы ижади бәйләнештәрҙән. Рәми Ғариповтың үҫмер сағында әсәһе менән төшкән рәсеме бар. Уның Өфөлә интернатта уҡып йөрөгән ваҡыты. Әсәнең дә, улдың да йөҙҙәре яҡты, ҡараштары асыҡ, ышаныслы. Бер ҡараһаң, һағышлы ла һымаҡтар. Икенсе ҡараһаң, бына-бына йылмайып ебәрерҙәр кеүек. Икеһенән дә ғорурлыҡ тойғоһо бөркөлөп торғандай. Рәмиҙең «Бына минең ниндәй әсәйем бар!» тигән шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Гөлмәрйәм: «Бына Рәмилем таянысым булып ҙурайып килә, үҙе Өфөлә уҡып йөрөй!» тип ҡыуанып һәм ғорурланып ҡарай. Әсә ҡулдары Тағы ла Рәмиҙең 1946 йылдың эҫе йәйге көндәре тураһында үҙенең мәктәп көндәлегенә «Бына шул саҡта аҙыраҡ ваҡыт табып, инәй ҡарсыҡтан ҡасып ҡына өй башында йәшеренеп, ошо «Кескәй партизандар»ҙы яҙып бөттөм!» тигән һүҙҙәре хәтергә килә. «Инәй ҡарсыҡҡа» ул саҡта ни бары утыҙ өс йәш булған. Утыҙға ла етмәҫтән дүрт бала менән тол ҡалған. Рәми Ғариповтың ун алты йәшендә Өфө интернаты уҡыусыһы кейемендә әсәһе менән төшкән был рәсеме бер ҡарауҙан уҡ онотолмай. Уны тағы ла ҡат-ҡат ҡулға алаһың. Һуғыштан һуңғы иң ауыр ваҡыттарҙың береһе булған 1948 йылдың ҡәҙерле бер ҡомартҡыһы ул. Ауылдан ауылға йөрөгән кәсепселәр йәки урындағы һәүәҫкәр ағайҙар төшөргән был фоторәсемдәрҙе-кәртешкәләрҙе кешеләр әллә ниндәй байлыҡ күреп һаҡлай торғайнылар, арттарына йырҙар яҙып, бер-береһенә бүләк итәләр, хаттарға һалып ебәрәләр, быялалы рамдарҙа өйҙәрҙең түрҙәренә элеп ҡуялар ине. Күпме ғәзиз кешеләрҙән ошо иҫтәлектәр генә тороп ҡалғайны. Уларҙың һаҡланып ҡалыуы үҙе бер бәхет булған шул. Фронттағы һәм тылдағы бихисап һуғыш ҡорбандарының һағынғанда ҡулға алып ҡарарлыҡ кәртешкәләре лә ҡалманы бит, исмаһам. Нисәмә сабыйҙар аталарының, олаталарының, ағаларының төҫтәрен күҙ алдарына килтерә алмай үҫтеләр. Утыҙ биш йәшлек тол ҡатын менән ун алты йәшлек етем үҫмер егет. Был рәсемгә инмәй ҡалмай тағы ла өс етем бала. СССР-ҙағы шул йылдарҙағы күпме миллион ғаиләләрҙең – «семья погибших»тарҙың иң типик миҫалдарының береһе. Йәш тол ҡатындар менән итәк тулы береһенән-береһе бәләкәй етемдәр. Рәсемдәге йәш тол ҡатын менән әсәһенең яурынына ҡулын һалған үҫмер – береһе өсөн береһе иң ныҡ таяныстар. Ил ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, ләкин ул үҙе миллион-миллион үкһеҙ етемдәр менән тулған. Ғаиләнең төп терәге – уңған, абруйлы Йәғәфәр бынан биш йыл элек Сталинградта совет ғәскәрҙәренә тарихи дан килтергән донъялағы иң ҡаты бәрелештә башын һалған. Йәғәфәрҙең ғаиләһенең яҙмышы бөгөн иң ауыр эштә лә һынатмаҫ уның һөйөклө ҡатыны Гөлмәрйәмдең иңендә. Иң оло улдары Рәми әсәһенең иң ныҡлы ышанысы, өмөтө, ярҙамсыһы. Илдәге йонсоу заманда төшөрөлгән был һүрәттәге ике кешенең йөҙөндә йонсоулыҡ һыҙаттары юҡ. Башҡорт ҡатындарынса сәсен уртаға ярып тараған Гөлмәрйәм менән быуыны нығынып килгән Рәмиҙең ҡарашы ихтыяр һәм миһырбанлыҡ менән тулышҡан. Улар донъяға өмөт, ныҡлы ышаныс менән бағалар, күпме ҡайғылар кисерһәләр ҙә, күңелдәре ҡатмаған. Улар кешеләргә ауыр ҡағыласаҡ түгелдәр, үҙҙәрен ҡыйырһытыуға теләүселәрҙе лә ҡаты яуапһыҙ ҡалдырасаҡ түгелдәр. Улар намыҫлы, тырыш хеҙмәт менән киләсәккә юл ярасаҡ, үҙҙәрен, туғандарын ауыр замандарҙа көстәре һәм уңғанлыҡтары, ғәрселлектәре һәм ғәҙеллектәре менән һаҡлап алып ҡаласаҡтар. Киләсәк быуын уҡыусыларҙың бәхетенә күрә һаҡланып ҡалған был фо-торәсем ошондай уйҙарға һала. Мәктәп көндәлектәрендә, студент яҙмаларында Рәми әсәһен йыш хәтерләй. Төрлө хәлдәр күҙ алдына килә: шаян ваҡыттар, күңелле саҡтар. Иң бәхетле мәлдәрҙең уртаһына һуғыш ҡойоно бәреп килеп инә. Шундай иң тетрәткес күренеште Рәми Ғарипов Мәскәү көндәлегендә 1952 йылдың 22 июнендә бик йәнле, ғәйәт тәьҫирле итеп яҙып ҡалдырған. Һуғыш башланған был көн хаҡында аҙаҡ башҡорт әҙәбиәтендә төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙә байтаҡ һүҙҙәр әйтелде, юғары оҫталыҡ менән ижад ителгәндәре лә булды. Рәми көндәлегенә яҙған ваҡытта ундай әҫәрҙәр юҡ ине. Дәһшәтле ваҡиғаларҙың байрам тантанаһында кинәнгән, илгә кинәт ябырылыуын туғыҙ йәшлек малайҙың байҡауы айырыуса үҙенсәлекле. Документаль дөрөҫлөк кимәлендәге был иҫтәлектәрҙе шул замандың ҡиммәтле шаһитнамәһе булыу сәбәпле тулыраҡ килтерге килә: «Бынан ун бер йыл элек таңдан тороп, атай, әсәй һәм кескәй һеңлем менән колхоз айғырын егеп, һабантуйға, район үҙәге Салауатҡа киткән инек. Иҫ китмәле матур таң ине был. Мин күсер булып алда ултырам. Көрән айғыр йомшаҡ ҡына юрғалап, бышҡыра-бышҡыра алға елә. Илай торғас, мине әсәйемдәр беренсе ҡабат һабантуйға алып бара. Хыялға һыйҙыра алмаҫлыҡ һабантуй тантанаһы. Бәйгеләр. Көрәш. Төрлө уйындар. Халыҡ ни генә уйлап тапмаған. Бөтәһе лә байрамса. Төштән һуң ҡапыл кешеләрҙең йөҙө икенсе төҫкә күсте. Көтөлмәгән хәбәр Йүрүҙән буйындағы халыҡты даулап ҡайнаған диңгеҙгә әйләндерҙе. Байрамдың эҙе лә ҡалманы. Ығы-зығы. Һыҡрау. Күп ирҙәр туп-тура военкоматҡа китте. Бөтә кешенең йөҙө шомло, ҡайғылы, нәфрәтле. Төштән һуң халыҡ үлек ерләп ҡайтҡан кеүек ауылдарға таралды. Юл ҡара йылғаға әйләнде. Шомлолоҡ бөтә тәбиғәткә лә күскән кеүек. Күк урманлы тауҙар киске эңергә төрөндө. Ҡояштың ҡыҙыл нурҙары ҡанға оҡшап бөтә ерҙе ҡыҙылға әйләндерә. Аттар кешнәшә. Бала-саға тауыштары. Ҡатын-ҡыҙҙар илауы. Ҡайғы диңгеҙе тәрән. Халыҡтың күплегенән, Йүрүҙән аша сыҡҡанда, кисеү быуылып торған һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр аттарын тәрән урынға төшөрөп, әллә ниндәй фажиғәләр булып бөттө. Атайым военкоматта ҡалды. Мин үҙем генә, ир кеше булып, әсәйем, һеңлемде ултыртып, көрән айғырҙы аҡрын ғына юрттырҙым. Һәр нәмә бөгөнгөләй күҙ алдымда. Бына шулай, ауырлығы беҙ бәләкәйҙәрҙең елкәһенә лә төшкән дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Атайым беренсе көндәрҙә үк үҙе теләп һуғышҡа китте. Кире ҡайтманы. Был һабантуй атайым менән һуңғы ҡабат бергә булған ваҡиға булып ҡалды. Бер таңда атайымдың мине йоҡлап ятҡан еремдән күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫып үпкәне һәм йылмайып: «Йә, улым, колхоз һиңә ҡала. Әсәйеңде тыңла, иркәләреңә ағай була бел. Һин инде хәҙер ҙурһың, тырышып уҡы. Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ», – тип әйткәне минең күҙ алдымдан мәңге китмәйәсәк. Атайымдың йылмайған йөҙөнән тәгәрәп төшкән эре күҙ йәше битте һаман да яндырып тора кеүек. Ул тамсы минең бала йөрәгемә ялҡын булып тамды. Ул ялҡын мәңге һүрелмәйәсәк. Атайҙың яҡын иҫтәлеге минең тәнемдә һәр саҡ янып торасаҡ. Аҙ һүҙле, көнө-төнө эштән бушамаған, халыҡтың мөхәббәте менән йәшәгән атаның тормошо миңә үрнәк булып тора». (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр. Өс томда. II том. Өфө, «Китап», 1998, 33-34-се биттәр.) Проза әлкәһендә эшләһә, Рәми Ғарипов бик үҙенсәлекле әҙип булып өлгөрөр ине. Кеше кисерештәрен һиҙгер тойоу, һүҙҙең бәҫен белеү был өҙөктә лә, мәктәп һәм студент яҙмаларының байтаҡ урындарында ла асыҡ күренә. Ләкин һәр кемдең ижади яҙмышы үҙ юлы менән китә. Был һүрәтләүҙәрҙең төп әһәмиәттәренең береһе иһә шунда: ата-әсәһе, туғандары һәм яҡташтары, һөйөклө кешеләре һәм ғәзиз Башҡортостаны тураһында көслө шиғырҙар ижад иткәнгә тиклем Рәми Ғарипов был образдар тураһында үҙенең сәсмә яҙмаларында ҡат-ҡат уйланды. Был уйланыуҙар ысын шиғри әҫәрҙәр тыуыу өсөн бик әһәмиәтле, ныҡышмалы әҙерлек осоро, үҙенсә тәжрибә мәктәбе булды. Атаһы менән һуңғы тапҡыр хушлашыуын, битенә атаһының һуңғы (һәм, бәлки, тәүгелер) эҫе күҙ йәше тамғанын туғыҙ йәшлек Рәмиҙең хәтере бына шулай һаҡлап ҡалдырған. Атаһының исеме уның өсөн ғүмерлеккә изге булып ҡаласаҡ, әммә иҫтәлектәр әкренләп тоноҡлана барасаҡ, уның образы, һыны, ҡиәфәте тере кешенән легендаға әйләнәсәк. Әсәһе иһә һәр көн янында, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрәләр, замана ҡайғылары менән бергә айҡашалар. Илдәге миллион ҡатындар һымаҡ, Гөлмәрйәм хәҙер үҙенең дүрт балаһы өсөн әсәй генә түгел, уларға талапсан атай күҙе менән дә ҡарарға, әсәйҙәрсә иркә, яғымлы ғына түгел, атайҙарса ҡаты, ҡырыҫ булырға ла, тейешле урында уҫал шелтәһен дә бирергә бурыслы. Айһай, ауыр ике яуаплы йөктө бер үҙеңә тартыуҙары. Шуға йөктөң ҙур өлөшө Рәми иңенә лә төшә, өйҙәге күп эштәрҙе ул ойоштора. Бындай ауыр замандарҙа ғаиләләге мөнәсәбәттәр ҡырыҫыраҡ та булғандыр. Сөсө тойғолар заманы түгел бит. Ғөмүмән, башҡорт халҡы моңло, нескә күңелле, илгәҙәк булһа ла, тойғоларын тышҡа бик сығара һалып бармай. Бәғзеләр сарбайлағанда йәки ҡайғынан ер тырнап, сәсен йолҡоп илағанда башҡорт ҡатындары эстән һыҙа. Мосолман йолаһы уларға ауырлыҡтарҙы сабыр, тауыш-тынһыҙ үткәрергә өйрәткән. Үҙ-ара мөғәмәләләрҙә улар артыҡ асылып, артыҡ нескәреп китмәй. Алыҫ юлға сығыр алдынан айырылышҡанда йәки айҙар-йылдар ситтә йөрөп ҡайтҡандан һуң башҡорт улы әсәһенең ҡосағына ташланмай, әсәһе лә улының арҡаһынан ҡағып, бик тыйнаҡ күрешә. Башҡа милләт кешеһенә бындай ябайлыҡ, тыйнаҡлыҡ ниндәйҙер ҡырыҫлыҡ, ҡоролоҡ булып, хатта бер-береңә илтифатһыҙлыҡ һымаҡ күренергә мөмкин. Һуғыш йылдарында һыуыҡ өйҙәрҙә аслы-туҡлы яфа сиккән, иҫке кейемдәрен нисәмә ҡат ямап кейгән, бик күптәре үлем ҡағыҙҙары алған кешеләр ауырлыҡтарын бәлки эскә нығыраҡ һалғандыр. Ләкин ҡайғылар кешеләрҙе бер-береһенән ситләштермәне, киреһенсә, нығыраҡ тупланы, берҙәмерәк итте. Тағы ла Мостай Кәримдең «Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме» тигән ғәжәп тапҡыр юлдары хәтергә килә. Аяуһыҙ һуғыш бәғерҙәрҙе ташҡа әйләндергәндә лә һаҡланып ҡалған иң ҡәҙерле тойғолар тураһында ошонан да мәргәнерәк әйтергә мөмкинме икән? Был һүҙҙәр асылда автор әйтергә теләгәндән киңерәк мәғәнәгә эйә һымаҡ. Шағир һөйгәненә булған тойғоларын ташта үҫкән гөлдәр бәйләменә оҡшата. Тотош совет халҡының миллион ҡорбандар биреп тә, күпме аҫыл улдарынан, ҡыҙҙарынан яҙып та, үс, нәфрәт менән тулышып та күңел сафлығын, кешелек миһырбанлығын һаҡлап ҡала алыуы, рухи сынығыуы ташта үҫкән сәскәләргә тиңдәш түгел инеме ни? Хисен түгеп бармаусан, иң ҡәҙерле һүҙҙәрен дә бик үлсәп, һаран әйтеүсән халҡыбыҙ ҡырҡынсы йылдарҙың һынауҙарында берҙәмлектең, тоғролоҡтоң, һуғыштағы һәм тылдағы фиҙаҡәрлектең баһаһын да, ихлас ярҙамдың, ҡайғы уртаҡлашыуҙың да ҡәҙерен ныҡ аңларға өйрәнде. Рәми Ғарипов бәләкәстән үк ошондай бөйөк кисерештәр мәктәбен үтеп, ижад донъяһына аяҡ баҫты. Башта ул шиғырҙарында дөйөм һүҙҙәрҙе күп яҙҙы. Тәжрибә туплауҙың был дәүерен дә үтмәү мөмкин түгел ине. Үҙе әйтмешләй, «яҡшы итеп яҙыу өсөн мин ҡот осҡос күп яҙҙым. Төндәр, көндәр буйы яҙҙым» (11.04.53). Ләкин күтәрелеп сығасаҡ гәрәбә орлоҡтар әлегә күңел төптәрендә ята ине. Уларҙың күкрәп күтәрелеүе өсөн шағирҙың үҙ яҙмышын һәм тормоштоң асылын тәрәндәнерәк аңлауы етмәй ине. «Уйланыуҙар»ҙың (30.12.53) һуңғы өлөшө ошолай тамамлана: «Әгәр ҙә минең балалыҡ һуғыш йылдарына тура килмәһә, мин шиғырҙар яҙа башламаған булыр инем. Ватан һуғышы минең йөрәктә иң тәрән эҙ ҡалдырҙы, яҙмайынса булдыра алманым. Әгәр ҙә мин әҙәбиәт өсөн тыуһам, мине Ватан һуғышы тыуҙырҙы, атайымдың шул һуғышҡа китеп һәләк булып ҡалыуы, әсәйемдең шул көндәрҙә беҙҙең менән үткәргән яңғыҙ тормошо, өс-дүрт көн ас ултырған көндәр, бөтә кешенең һуғышты тойоп йәшәүе – минең бәләкәй генә йөрәгемә иң ҙур тормош булып инде». Көндәлектә ошо ҙур тормоштоң йәнле күренештәре байтаҡ. Әлегә йәш шағир уларҙы шиғырҙарында балҡытып күрһәтә алмай. Атай урынына ҡалып, дүрт баланы аяҡҡа баҫтырыусы донъялағы иң хөрмәтле кеше генә түгел, Рәмилдең тәүге шиғыры яҙылыуға үҙе шаһит булған, беренсе булып үҙе тыңлаған тәүге уҡыусы ла ул инәләре Гөлмәрйәм Ғарипова. Рәми «ижад юлы башланған» был ваҡиғаны бик ентекле хәтерләй: «Мин бишенсе класта уҡый инем әле ул саҡта. Көндәрҙең береһендә әҙәбиәт уҡытыусыһы инша яҙыу өсөн «Айлы төн» темаһы биреп, өйҙә яҙып килергә ҡушты. Тоттом да «Айлы төн»дө шиғыр итеп яҙҙым. Был шиғыр инде бик зәғиф, аҡһаҡ, тик рифмалары булған ябай һөйләмдәрҙән генә тора ине. Шулай ҙа үҙ хеҙмәтең, көсөң бит. Быны яҙып бөткәс тә шул тиклем шатланғанымды мин әйтеп тә килештерә алмайым. Инәйем иҙән йыуып йөрөй. Өҫтәлде, ултырғыстарҙы һике өҫтөнә ултыртҡан да бик ашығып йыуа ине. Мин өҫтәл өҫтөндә ултырам. Ҡағыҙ киҫәгенә бик бирелеп яҙам. Уҡып ҡарайым да – килешмәгән кеүек, һыҙып ташлайым. Тағы уҡып ҡарайым, тағы һыҙам. Өс куплет әйбер өсөн биш бит ҡағыҙ сыбарланды. Бына иң һуңғыһы.... Ниндәй шатлыҡ, ниндәй ҡыуаныс, ниндәй ҡәҙерле был «хеҙмәт»! Минең шатлығым үҙемдә генә һыйып ҡала алманы. Өҫтәл өҫтөндә нисек ырғып китеп, иҙәндә ултырған бысраҡ һыу менән туп-тулы тасҡа килеп төшөүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым... Һыу сәселеп, иҙәнгә түгелеп китте!.. Инәйем бик зәһәрләнеп: — Тилерҙеңме әллә һин, шайтан! – тип екеренде лә ҙуу-р бысраҡ йыуғыс менән йығылғансы биткә һуғып ебәрҙе... Мин тағы ла өлөш төшмәһен тип, ялан аяҡ тышҡа атылып сығып киттем. Тышта ҡар яуа. Күңел шундай шатлыҡ менән тулғанлыҡтан, аяҡты иҫкә лә алмай, ҡағыҙ киҫәген ҡулда тотоп, нишләргә лә белә алмай ҡарҙа баҫып тора инем, ҡапыл ишектән инәй килеп сыҡты ла: — Тиҙ кер, тиҙ! – тип ҡысҡырҙы. Мине тотоп алырға ла өлгөрмәне, мин уның ҡулы аҫтынан ялт итеп өйгә атылдым. Хәҙер ни булыр – көтәм. — Эй, елғыуар шайтан! – тип, инәй көлөп килеп кереүгә әҫтәмдән әллә ниндәй йөк алып ташланған кеүек булды. — Инәй, асыуланма инде, бына Туҡай кеүек шиғыр яҙҙым, – тип мин инәйҙең күҙҙәренә ҡараным. — Йә, уҡы әле... Мин бик дәртләнеп уҡырға керештем. Уҡып бөткәс, инәйем: — Шулай яҙғас, тасҡа һикерәләрме һуң инде? – тине лә үҙемде иҙән йыуырға ҡушты. Бейеп кенә йөрөй «шағир абзыйың!» Инәй башҡа асыуланманы. Сөнки ул үҙе лә шиғырҙы ярата ине. Мине уҡытҡан саҡта (әле унда миңә биш йәш булып) Туҡайҙың «Ҡара таҡта алдында», «Аҡбай» шиғырҙарын миңә бик ятлатырға тырыша ине. Мин уҡырға тиҙ өйрәндем. Теге шиғыр яҙғандың икенсе көнөн мәктәпкә бик иртә, таң алдынан уҡ килдем. Әле Сәмси әбейҙәр яңы мейескә яғып йөрөйҙәр ине. — Ни эшләп йөрөйһөң, төн пәрейе? – тип һораны Сәмси әбей. Мин өндәшмәнем. «Тик»тән башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Уҡыу башланғансы миңә бер йыл үткән кеүек тойолдо. Теге шиғырҙы яҙма эштәр дәфтәренә күсереп тә ҡуйғайным инде мин. Икенсе көндө инәйгә дәфтәрҙе күрһәттем. «Отлично» тигән һүҙҙәрҙе күргәс, ул «Эй, шайтаным!..» – тип күкрәгенә ҡыҫты. Инәйем минең яҡын бер апай кешегә оҡшай ине. Беҙҙең менән уйнай, көлә. Рауилды, Уралды (энеләрем) уҡырға өйрәтә» (Рәми Ғарипов. Киләсәккә юл ярам. Өфө, «Арғымаҡ», 2005, 60-62-се биттәр). Шиғыр яҙыу шулай башланып китә. Ауыл өйөндә кескәй генә йөрәгенә ижад уты ҡабынған һуғыш малайҙарына ни тиклем таныш хәлдәр! Рәми уртаҡ яҙмыштарҙы һөйләй һымаҡ. Хәҙер инде ул төндәр буйы ултыра башлай. Әсәһе кәрәсинде бөтөрәһең тип һуҡранғас, мейес башына менеп йәшенә. Шәлде – шаршау, һелкеүесте өҫтәл итә. Төн уныҡы! Йөрәктә шиғыр уты дөрләй, ә бына өйҙө яҡтыртырға ут етмәй. Бына шундай тырышлыҡтар менән килә ижадҡа һуғыш балалары... Йәп-йәш көйө тол ҡалған әсәләре лә уларға апалары, серҙәштәре һымаҡ. Ауырлыҡтарҙы бергә күтәрәләр, ҡайһы саҡта бергә уйнап та китәләр. Ғаилә башлығы ла – әсә, уҡытыусы ла – әсә, тәүге шиғырыңды тыңлаусы ла – әсә. Иң ҡәҙерле кешеһе янында Рәми ни бары ун дүрт йәш кенә йәшәп ҡала. Быныһы ла күпме ижадсыларыбыҙ өсөн таныш хәлдәр. Ләкин ошо йылдар эсендә йәш шәхестең төп йәшәү ҡағиҙәләре нығына, тормош фәлсәфәһенә нигеҙ һалына. Ижад сәме лә, үҙһүҙлелек тә уларға, бәлки, башҡалар алдында һыр бирмәүсән, тырыш, ғорур, ғәрсел әсәләрҙән күскәндер. Тәүге шиғырҙарҙың йыш ҡына әсәләр хаҡында яҙылыуын ҡайһы саҡтағыса һис кенә лә тема тарлығы менән аңлатырға ярамай. Киреһенсә, шулай яҙмаһаң, йәш шағирға ихласлыҡ етмәҫ ине. Әсә хаҡында яҙыу, тамырҙарыңды барлау – рухи булмышыңды раҫлау ул. Нисәмә йылдар буйына әсәһен каникул ваҡыттарында ғына күрһә лә, әсә ҡарашы меңәр саҡрымдар аша уның һәр бер аҙымын һынап-барлап тора һымаҡ. Балалыҡ һағыныуын йылдар үтеү менән үҫеп килгән шәхестең ҙур яуаплылыҡ тойғоһо нығыраҡ алмаштыра. Уҡыуҙағы тырышлыҡтарында, иң алдынғы студент булыуында, тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәрендә шағир үҙен генә түгел, әсәһен дә ҡыуандырырға, уңыштары менән уны ғорурландырырға теләй. Тормошоноң төп маҡсаты тыуған йортонда күңеленә уйылды, тәүге яҙғанын әсәһе тыңланы. Төндәр буйы уҡыуҙары ошо оло маҡсат хаҡына. «Яҡшы итеп яҙыу өсөн мин ҡот осҡос күп яҙҙым» тигән тырышлыҡтар ҙа шул маҡсат өсөн. Шул маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн Өфөнөң һәм Мәскәүҙең иң бай китапханаларында, уҡыу йорттарында, театрҙарҙа, музейҙарҙа, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәрҙә, атаҡлы ғалимдарҙың аҡыллы кәңәштәрендә, ҡәләмдәштәр менән тыныс фекер алышыуҙарҙа, ҡыҙыу бәхәстәрҙә, китаптар менән бүлмәлә лә, тәбиғәт ҡосағында ла күмелеп ятҡан саҡтарҙа зиһендә күпме ғилем, көс туплана, туҡтауһыҙ эске үҫеш бара. Өфөләге һыуһап-сарсап белемгә ынтылыу Мәскәүҙә тағы ла көсөргәнешлерәк, маҡсатлыраҡ, эҙмә-эҙлеклерәк дауам итә. Был тиклем илһамлы ла, ғазаплы ла эҙләнеүҙәр үҙенең һәйбәт уңышын бирә. Һан барыбер сифатҡа әйләнә башлай. Рәмиҙең күпме сығанаҡтарҙы үҙенә туплаған ижад донъяһында ысын шиғри кристалдар хасил була, тәүге ынйылар емелдәй башлай. Эйе, шәхес булараҡ Рәми шағир булыуға ҡарағанда күпкә иртәрәк өлгөрә. Ләкин шағирлыҡ өлгөрөүе лә башланмай ҡалмай. Башта ныҡлы рухи һәм интеллектуаль ерлек туплана. Һәр ижадсының яҙмышы, үҫеү юлдары үҙенсә. Ә Рәми Ғариповтыҡы бына шулай. Ошо ныҡлы, бәрәкәтле нигеҙгә тамырланып уның шағирлығы тулыраҡ асыла һәм етеҙерәк нығына башлай. Ижад юлындағы был ҡыуаныслы һынылыштың башланыуында тағы ла Әсә образы хәл иткес көс була. Көндәлектән: «12 февраль, 1954 йыл. Төн. Переделкино. Бына инде тәүге әтәстәр ҙә ҡысҡырыр. Инәйем, бәлки, йоҡоһонан уяныр ҙа был таңда бынан 22 йыл элек үҙенең тәүге балаһын тыуҙырған мәлде хәтерләр. Бәлки, уйға ҡалыр. Бәлки, йылмайыр. Алыҫтағы улын күҙ алдына килтереп, бәлки, уның тәүге өнөн ишетер. Әсә йөрәге! Һинән дә матур йөрәк бармы һуң? Әсә! Кем һуң минең турала һинең кеүек шулай ҡайғырһын? Миңә инде 22 йәш! Күңелгә әллә нисек: мин яңғыҙмын. Уҡыйым да уҡыйым. Һуңғы ун көн эсендә – мин үҙемде ун йыл йәшәгән кеүек тойҙом. Өс көн ашарға ла булманы. Тартырға ла юҡ. Ә шулай ҙа әгәр ҙә мин донъяла булмаһам? Ниндәй үкенес!.. Ярай әле, әсәй, мине тыуҙырғанһың. Ярай әле мин бармын!» Өс көн буйы ашарға булмағанда ла шағир тормошто ҡәһәрләмәй, уны асҡа ҡаҡлаған донъяға ләғнәт уҡымай. Киреһенсә, яҙмышына, уны тыуҙырған әсәһенә рәхмәттәр яуҙыра. Был – йәш кешенең яһалма оптимизмы түгел. Бында 22 йәшендә генә булһа ла, ҙур тәжрибә туплаған, күпте кисергән шәхестең ныҡлы ышанысы, тормошҡа тамырланған сабыр, аҡыллы фәлсәфәһе күренә. Был фәлсәфәлә шағир үҙенең изге кешеһенә таяна, тыуған көнөндә меңәр саҡрым алыҫлыҡтағы әсәһенең кисерештәрен күҙ алдына килтерә. Һәм әлеге уйланыуҙарға шиғыр ялғанып китә. ӘСӘЙЕМ ҠУЛДАРЫ Мине тапҡан саҡта һиңә, әсәй, Ун ете йәш булған ни бары! Уйнап ҡына йөрөр саҡтарыңда Мине һөйгән һинең ҡулдарың. Әсәй! Яңғыҙың һин, белмәйһеңдер Алтын икәнлеген ҡулыңдың, Бөгөнгөләй күҙ алдымда һаман Башланыуы кескәй юлымдың. Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? Шул көн һәр саҡ минең иҫемдә. Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ Һөҙәк кенә тауҙың битендә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда Үҙең янып бирҙең салғымды. Тыуып килгән ҡыҙыл ҡояш нуры Үҙ салғымдан уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, Көлөмһөрәп минең һелтәүгә, Һәм маҡтаған булдың, дәртләндереп, Йүнле сапмаһам да мин тәүҙә. Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин: — Тарыраҡ ал, – тинең, – алдыңды. Тартып ҡына өйөрөп сап шулай – Бер үләне ҡалмаҫ салғыңдың. Һыуҙай алып китте кескәй салғым – Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды. Ысыҡтары тамғас, мөлдөрәшеп, Улар илашҡандай тойолдо. Һин һоҡланып ҡарап тора инең Йәшел үләндәге әҙемә. Йылмайһаң да үҙең, һинең дә бит Йәш тулғайны, әсәй, күҙеңә. — Атайың да шулай саба ине... Был тиклем дә оҡшар икәнһең. Тик һин, атай, күрмәй был эҙҙәрҙе, Мәңге ҡайтмаҫ өсөн киткәйнең. Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы Кескәй генә хеҙмәт юлымдың, Әсәй! Ул саҡ белмәй инем әле Алтын икәнлеген ҡулыңдың. Шиғырҙан һуң автор: «Ә бөгөн мин уны тағы ла нығыраҡ беләм», – тип өҫтәп ҡуя. Әҙәбиәт институтында Рәми Ғарипов яҙған иң көслө шиғыр – «Әсәйем ҡулдары». Тәүге йыйынтығына һәм артабанғы китаптарына ул «Әсәм ҡулдары» тигән исем менән ингән, яҙылыу ваҡыты 1953 йыл тип күрһәтелгән. Көндәлек яҙмаларҙа ҡайһы бер шиғырҙар теркәлә барған, ҡайһы берҙәренең тыуыу тарихы һөйләнелгән. Ә бына әсә ҡулдары тураһындағы был әҫәрҙең нисек яҙылыуы хаҡында Рәми ниңәлер бер нәмә лә әйтергә ашыҡмаған. Салауат хаҡындағы поэма-әкиәт ҡат-ҡат телгә алына, әллә күпме ижади пландар тураһында хәбәрҙәр бар. Ә бына студент ҡулы менән яҙылған был классик шиғырға автор махсус туҡталып тормай. Ләкин «Әсәйем ҡулдары» тигән шиғырҙың Рәмиҙең иң ҡәҙерле дәфтәренә нәҡ үҙенең тыуған көнөндә тулыһынса яҙып ҡуйыуы һис тә осраҡлы түгел. Өфө көндәлектәрендә шиғырҙар байтаҡ теркәлгән, ҡайһы бер урындарҙа тиҫтәләрсә биттәр рифмалап яҙылған. Мәскәү дәфтәрҙәрендә иһә шиғырҙар бик һирәк. Ҡайһы берҙәре эскиздар, ҡараламалар хәлендә. Улар араһында иң иҫтәлекле көндә иң ентекләп күсереп ҡуйылғаны – «Әсәйем ҡулдары». Күрәһең, был шиғыр 1953 йылда тыуһа ла, шағир, байтаҡ әҫәрҙәренең яҙылыу тәжрибәһе күрһәткәнсә, уны ҡат-ҡат эшләгәндер, үҙе иң камил тип һанаған вариантын 1954 йылдың 22 февралендә яҙып ҡуйған. Тимәк, «Әсәйем ҡулдары» 1953-1954 йылдарҙа яҙыла, Рәми Ғариповтың ошо осорҙағы шиғри иң юғары ҡаҙанышын билдәләй, уның ижади һәләтен сағыу раҫлай. Ғөмүмән, 1953-1954 йылдарҙа Рәми Ғариповтың уңышлы шиғырҙары байтаҡ туплана. Улар араһында «Тыуған ерҙәрем» («Тәнем менән мин Уралда тыуһам, Аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә»), «Һеңлемә», «Тәүге һөйөү» («Тик шулай ҙа һинең яҡты исемең йөрәгемдә утлы миң булыр»), «Дим таңы» («Шул көн менән мин тик һинең өсөн, ә һин минең өсөн тыуғайның») һымаҡ шиғырҙар бар. Туған йәнле Рәми үҙ ғүмерендә өс туғанына ла шиғыр арнаны. Шуның тәүгеһе яратҡан һеңлеһе Мөршиҙәгә бағышланып, 1954 йылда тыуҙы. «Һеңлемә» ошондай юлдар менән башлана: Өс имәндең араһында үҫкән Һылыу һынлы ҡайын шикелле, Өс ир бала араһында үҫтең Иркә бала булып һин, һеңлем. Яу ҡырында атай ятып ҡалды... Ниндәй икәнен дә атайҙың Белмәй үҫтек. Әсәй бөтә көсөн Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы. Йәш шағирҙың кисерештәре тормошсаныраҡ, кешесәрәк була бара. Тәбиғәт менән ул нығыраҡ яҡыная, уның телен нескәрәк аңлай. «Улар, ахыры, Йүрүҙәнкәй буйын мин һағынған кеүек һағынған» ти ул «Йүрүҙән ҡаҙҙары»нда. Был яҡтан «Яҙ» (1953) шиғырына айырым туҡталып үтергә, бында тулыһынса килтерергә кәрәк: Аҡ ҡайындар талғын ғына шаулай, Йырлай миңә яҙғы йырҙарын... Йәп-йәш үлән түшәгендә ятам, Ябынам да ҡояш нурҙарын. Һабан турғай зәңгәр бейеклектә Көмөш шөңгөр булып ҡалтырай. Һары күбәләктәр ер өҫтөндә Тере сәскә кеүек ялтырай. Балҡып сыҡҡан һылыу умырзая Алһыу күкһел төҫтәр кейенеп; Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп, Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп. Бөрөләрен яра, хуш еҫ бөркөп, Ҡайындарҙың суҡ-суҡ толомо. Тәңкә кеүек ялтыр йәш япраҡтар Ҡосаҡлайҙар уның олонон. Аҡ ынйылай муйыл сәскәләрен Маҡтап туймай һары һандуғас. Мең-мең телдә сут-сут һайрай ҡоштар, Ер йәшәртеп йылы яҙ тыуғас! Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде! Йәнләнә бит һинән бар йыһан. Тик һин миңә бойоҡ булыр инең, Кеше йөрәгендә тыумаһаң... Рәми Ғарипов ижады менән ярайһы уҡ таныш булған уҡыусы был шиғырҙа киләсәктә яҙыласаҡ әҫәрҙәрҙә балҡып асыласаҡ сифаттарҙың байтағын төҫмөрләр. Бында тотош китап булып барлыҡ башҡорт шиғриәтенә яңы моң өҫтәйәсәк һабан турғай йырҙары ла, тәбиғәттең төҫтәре, ауаздары ла моронлана. Бында башҡорт халыҡ ижады традицияларын да (һары һандуғас – йылы яҙ тыуғас), рус шиғри мәктәбенең, айырым алғанда, Тютчев, Фет шиғырҙарының йоғонтоһон да («Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде!» – «Люблю грозу в начале мая») күрергә мөмкин. Рәми Ғарипов шиғриәтенең үҙәк мотивтары, образдар системаһы, стиль яңғырашы асыҡлана бара. Әлегә ул шиғри донъяның хуш еҫтәре ныҡ бөркөлөп тормай, төҫтәре ул тиклем ныҡ сағылмай. Камил эшләнеп бөтмәгән, фекере буталсыҡ урындар ҙа шиғырҙың бәҫен төшөрә. Мәҫәлән, һуңғы ике юл: «Тик һин миңә бойоҡ булыр инең, кеше йөрәгендә тыумаһаң...» Ләкин 1953-1954 йылдарҙа шағир ҡәләменең үткерләнә, ҡарашының киңәйә барыуы мөһим. Хәҙерге тураһында уйланыу һәм күберәк ғорурланыу күпселек шиғырҙарҙа үҙәктә булһа ла, шағир уҙғандарҙы ла байҡай, остаздарынан Туҡайға, Ғафуриға, Сәләмгә шиғырҙар арнай («Шағир», «Ҡәләм», «Сәләм ғүмере»). Хәҙер Рәми шиғыр өҫтөндә профессиональ эшләүгә нығыраҡ иғтибар бирә башлай, төрлө алымдарҙа, формаларҙа ҡыйыуыраҡ тәжрибәләр яһай. 1953 йылдың 27 октябрендә Третьяков галереяһына барғанда һабаҡташы Вадим Зубарев менән шиғырҙар хаҡында һөйләшәләр. Рәми ошо шиғырын уҡый, форма өсөн генә яҙҙым ти: Иҫеңдәме ул көн – Мин киттем. Хушлашҡанда һурып Бер үптем. Моңһоу күҙҙәреңдән Йәш сыҡты. Тик сафлығы булып Ысыҡтың, Йөрәгемә минең Ул тамды. Тамған ерен уның Ут алды. Бер күрешмәй оҙаҡ Йөрөһәк тә, Һаман яныр ул ут Йөрәктә. Эстәлеген тәржемә итеп аңлатып биргәс, Вадим әйтә: «Форма ғына түгел бында, дөрөҫлөк». Шунан һуң был шиғыр Рәмиҙең үҙенә лә оҡшай. Ләкин бында бер аңлатма биреп үтергә кәрәк. Был шиғыр ихлас яҙылһа ла, ошо уҡ йылда тыуған «Тәүге һөйөү»ҙәге йөрәккә тамған утлы миңдән ҡайтышыраҡ. Шулай ҙа ул шағирҙың тәүге томында баҫылған, тик ниңәлер 1955 йылғылар араһында урын алған. Был әҫәр шағирҙың бер үк темаға төрлө вариациялар яһап ҡарауы яғынан ҡыҙыҡлы. 1953 йылдың көҙөндә Рәми айырыуса ныҡышмалы эшләй. Шиғырҙар менән булып, хатта бик күп лекцияларын да ҡалдыра. Элек уның өсөн яңы шиғыр яҙыу ғәҙәттән тыш оло ваҡиға була торғайны. Ә хәҙер әллә өйрәнеп килә, әллә профессионаллек ҡанына һеңә бара. Шиғырҙар өҫтөндә эшләү көн дә ҡабатлана. Тимәк, ижад донъяһы уны үҙенә тағы ла нығыраҡ арбай, нығыраҡ ижадсыға әйләндерә. Рәми тәүге йыйынтығын төҙөргә тигән ҡәтғи ҡарарға килә. «Төнө буйы үҙемдең шиғырҙар өҫтөндә ултырҙым, күсереп яҙҙым, төҙәттем. Йыйынтыҡ әҙерләйем. Ат шикелле эшләйем» (26.10.53). Көнө-төнө эшкә сумһа ла, ул үҙен ирекле, көслө тоя. Тормоштоң ваҡ-төйәк ығы-зығыһына иғтибар итергә лә ваҡыт юҡ. Көҙҙөң өмөтһөҙлөк, һыҡрау тыуҙыра торған мыжыҡ мәлдәрен дә һиҙмәй ул. Шул тиклем илһамланып яҙа, дәртләнеп эшләй. Хатта үҙе лә аптырап ҡуя. Ижад донъяһында былай ҡанатланып осҡан саҡтарҙың байтаҡтан бирле булғаны юҡ ине. Был илһамлы көндәр, ни тиклем дәртләнеп эшләһә лә, арыуҙы-талыуҙы белмәй үткәргән йоҡоһоҙ төндәр йәш шағирға әлегә тиклем татымаған шатлыҡ килтерә: ҡулыңда – беренсе китабы! Ул әле ҡулъяҙма ғына, ул әле ни бары бер данала ғына, уны әле башҡа кеше ҡулына тотоп та ҡарамаған, ләкин йыйынтыҡ бар, бына ул! Һәр береһе үҙенсә йәшәгән шиғырҙары бына бер епкә теҙелделәр, уртаҡ яҙмышҡа тупландылар. Әлегә йыйынтыҡ ҡулъяҙма ғына хәлендә, уға ташҡа баҫылған ысын китап булып донъяға сығырға яҙғанмылыр, юҡмылыр... Рәми был шик-шөбһәләрҙе үҙенән ситкә ҡыуырға теләгәндәй яңынан тышҡа атылып сыға ла туҡтап ҡала. Переделкино төнө тымыҡ, шомло. Өйҙәрҙә уттар күптән һүнгән. Ағастарҙа япраҡтар ҡойолоп бөткән тиерлек. Һуңғыларын өҙөрлөк ел дә юҡ. Көҙгө болотло төн тып-тын. Әммә Рәмиҙең күңелендә йондоҙҙар баҙлай, дауыл уйнай. Китап мотлаҡ уҡыусыларға барып етергә тейеш! Рәмиҙең маҡсатҡа тоғролоғо уның үҙ һүҙлеге менән ҡушылып, уйҙарын тағы ла ярһытыбыраҡ ебәрә: «Мин хәҙер алдағы көндәрҙең көсөнә бөгөнгө көндөң көсөнә ҡарағанда нығыраҡ ышанам. Артҡа сигенеү мөмкин түгел... Алға барған тормошто күрмәйенсә, уға үҙеңдең бәләкәй генә тормошоңдо ҡаршы ҡуйыуҙан да көлкөлө көсһөҙлөк юҡ. Был ҙур юлдан килгән ҙур йөк арбаһының тәгәрмәстәре аҫтына инеп, уны хәҙер ауҙарам тип, һаҙҙан сыҡҡан баҡаның һытылыуы менән оҡшаш. Тормошто тәрәндән аңлаған кеше былай була алмай. Тормоштоң үҙ һүҙе бар: Алға! Алға! Алға!» (27.10.53.) Уйҙарына сумған Рәми донъяны онота, тик күңелдәге ярһыуҙы туҡтатырлыҡ түгел. Ҡапыл станциянан һауа ярып ҡысҡырып үткән поезд тауышы уны һиҫкәндереп ебәрә. Ул да оран һалып алға әйҙәй һымаҡ. Шиғырҙарыңды төндәр буйы яңынан барлағанһың, һайлағанһың, яңынан эшләгәнһең, бер йыйынтыҡҡа туплағанһың икән, уның киләсәк яҙмышы өсөн иң элек һин үҙең яуаплы. Тәмәке уты егеттең бармаҡтарын өтә. Ҡаштары төйнәлгән, ҡарашы төндө тишеп ҡараңғылыҡҡа уҡталған. Китабыңдың яҙмышы иң элек үҙеңдең ҡулыңда. Мәскәүҙәге өс йыл тырышлыҡтар арҡаһында ошо артылышҡа артылғанһың икән, хәҙер артабан юл ярырға кәрәк. Алға, алға! Рәми үҙе ҡабатларға яратҡанса, әйткәненән кире ҡайта буламы һуң ул?! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Шағир үҙенең тормошондағы иң оло, иң яуаплы сәфәргә сыға. Башында әллә күпме уйҙар, бөткөһөҙ һорауҙар. Иң төп һорау – китапты нисек ҡабул итерҙәр? «Мин – юлда. Көҙ көнө әле минең бер ҡасан да Өфөгә ҡайтҡаным юҡ. Мин үҙем менән тәүге китабымды алып ҡайтып барам. Ул минең тәүге мөхәббәтем менән бер. Уның яҙмышы – минең тормошомдоң яҙмышы. Был минең тәүге ҡабат әҙәбиәткә үҙ тауышымды ҡушыуым. Ҡайтыу менән үк шиғырҙарымды Мостафа ағайға күрһәтергә тейешмен. Иң ныҡ ышанған кешем ул ғына. Ул минең иң яратҡан уҡытыусым. Ләкин мин үҙемдең уға яратҡан уҡыусы булыуыма ышанып етмәйем» (1.11.53). Һорауҙар, шикләнеүҙәр тынғы бирмәһә лә, шағирҙың үҙ көсөнә ышаныуы ныҡлы. Әле китабы хаҡында бер ниндәй фекер алышыу ҙа булмаған, ә автор: «Был минең тәүге ҡабат әҙәбиәткә үҙ тауышымды ҡушыуым», тип, ниндәй саялыҡ менән әйтеп һала. Нәҡ Рәмисә: үҙ көсөн тоймаһа, бындай яуаплы эшкә ул тотоноп та тормаҫ ине. Ниндәй хәл иткес юлға сыҡҡанын ул бит яҡшы белеп сыҡты. Тәүге тапҡыр оло ҡәләмдәштәре алдында үҙенең шиғри булмышын айырым йыйынтыҡҡа туплап күрһәтергә, ижадҡа үҙенең хоҡуғын, тимәк, киләсәген раҫларға ҡайтып бара. Яҙыусылар союзында Рәми Ғарипов шиғырҙары тураһында һөйләшеү бик ихлас һәм күңелле үтә. Фекер алышыуҙарҙан һуң йыйынтыҡты китап итеп баҫтырып сығарырға кәрәк тигән ҡарарға киләләр. Йәш шағир өсөн ошонан да олораҡ хуплауҙың булыуы мөмкинме? Айырым төҙәтмәләр индереү, ҡайһы бер шиғырҙарҙы алып ташлау тураһында ла тәҡдимдәр була. Ваҡыт бик аҙ, өлгөрөргә кәрәк. «Йүрүҙән» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын Рәми Ғарипов, ниһайәт, нәшриәткә илтеп тапшыра. Йәш шағирҙың иңенән тау төшкән һымаҡ, тик тулҡынланыу һаман да баҫылмай. Өфөләге был осрашыуҙар шағирҙы бик ныҡ уйландыра. Уны бигерәк тә аҡыллы тәнҡиттең етмәүе ныҡ борсой. Үҙенең китабы тураһындағы һөйләшеүҙә лә Рәми тәрән анализдың, үткер ҡарашлы, фекерле тәнҡиттең етмәүен тоя. Мәскәүҙәге фекер алышыуҙар менән бындағы һөйләшеүҙәрҙең кимәле төрлөсә, әлбиттә. Ысынлап та, был осорҙа башҡорт әҙәби тәнҡите үҙенең шәкертлек дәүеренән һаман да ныҡлап сығып етә алмай. Әҫәрҙәрҙе тема йәки үҙәк образ буйынса ғына байҡау (һуғыш һәм тыныслыҡ темаһы, поэзияла йәки прозала ҡатын-ҡыҙ образы һ. б.) байтаҡ мәҡәләләрҙең кимәлен билдәләй. «Былар ҡасан бөтөр, ысын тәнҡит ҡасан үҫеп етер, әҙәби үҫешкә йоғонто яһарлыҡ тос һүҙҙәрен, барыһын да уйландырырлыҡ көслө фекерҙәрен тәнҡитселәр ҡасан әйтә башлар?» – тип, сафтарҙы барлап ҡарай. Яңы исемдәр бар, Ғайса Хөсәйеновтар Мәскәү мәктәбен үтте, үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмаҫ. Тик әлегә күберәк шаблон мәҡәләләр баҫыла, улары ла онотҡанда бер. Ғөмүмән, башҡорт тәнҡите әлегә күтәрелеп етә алмай. Яҙыусылар үҙ-ара бөтә йөрәктән, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә нисектер ҡурҡалар һымаҡ күренде. Төрлө сәйәси хата табып, ғәйеп мөһөрө һуғырға әҙер торған замандарҙың шауҡымы һаман да килә, күрәһең. Бер-береңдән шикләнеү ижади мөхитте ни тиклем сикләй, ҡарашты томалай, тура һүҙлеләрҙе тонсоҡтора. Яҙыусылар күберәк үҙ ҡаҙанында ҡайнай, музыка менән сифатлы бәйләнештең һүлпәнлеге, рәссамдар, скульпторҙар менән бөтөнләй тиерлек аралашмауҙар, ғөмүмән, башҡорт ижади интеллигенцияһындағы көстәрҙең бергә туплана алмауы, шул тырым-тырағайлыҡ арҡаһында үҫештең әкрен барыуы Өфөгә был ҡайтыуында Рәмиҙең күҙенә нығыраҡ күренә, элекке ҡәнәғәтһеҙлеген яңынан көсәйтеп ебәрә. Өфөлә аҙ ғына булһа ла, күпте һынарға өлгөрә ул. Иң мөһиме – үҙе ҙур һынауҙы уңышлы үтә, шул уҡ ваҡытта иңенә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ ятҡанын аңлай. Алдағы бурыстарҙы яңынан асыҡлай, талапсанлыҡ кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәрә. Күңеленә нығыраҡ һеңдерер, зиһененә тәрәнерәк уйыр өсөн ҡайһы бер фекерҙәрен яҙып ҡуя: «Тормошто белергә, белемеңде арттырыу өҫтөндә һәр көн эшләргә, уны киңәйтергә һәм тәрәнәйтергә, талантыңды һәр көн тырыш хеҙмәтең менән үҫтерә барырға, үҙеңдең художество фантазияңды бик зирәк итеп, бик отҡор итеп тәрбиәләргә һәм художество зауығыңды иң яҡшы үрнәктәр менән байытырға, иң ҙур оҫталарҙан өйрәнергә, телде һәм халыҡ яҙмышын бик нығытып үҙләштерергә, һәр бер нәмәгә тәнҡит күҙе менән ҡарай белергә, һәр саҡ ҡыҙыҡһыныусан бала булып тормошто ҡабул итергә кәрәк. Бына минең үҙ алдыма ҡуйған һүҙем. Башҡаса юл юҡ. Шул ғына мине әҙәбиәттең ҙур һәм дөрөҫ юлына илтәсәк» (2.10.53). Рәми Ғарипов тәүге китабын Яҙыусылар союзында тикшергәндән һуң бына шундай уйҙарға бирелде. Уйҙарының айырыуса ныҡышмалы мәлдәре, ныҡ концентрацияланыуы Рәмиҙең тормош юлында быға тиклем дә булды, бынан һуң да буласаҡ. Ләкин ижадсы бындай хәҡиҡәттәрҙе әленән-әле иҫенә төшөрөп, үҙенең рухи «хужалығын» даими тикшереп һәм сафландырып торорға тейеш, юғиһә донъя мәшәҡәттәренә күмелергә, ығы-зығы һаҙлығына бата башларға мөмкин. Рәми Ғарипов үҙенә талапсанлыҡты бер ҡасан да йомшартмаусы шәхестәрҙән булды. Тәүге китабын алып, Мәскәүҙән Өфөгә юлланғанда Рәми Ғарипов Мостай Кәримде үҙенең иң яратҡан уҡытыусыһы тип атағайны. Был ихтирамды ул ғүмере буйы һаҡланы, бәғзе бәхәсләшкән саҡтарында ла был яҡты тойғоһон юғалтманы. Уҡытыусылар берәү генә булмаҫҡа ла мөмкин. Рәмиҙең әле ижади тормошо яңы башланған ваҡытта уҡ үҙенсә васыят һымаҡ нәмә әйткәнен, ҡәбер ташына «Горький улы – Рәми» тигән һүҙҙәрҙе генә яҙыуҙы үтенгәнен яңынан иҫкә төшөрәйек. Башҡорт халыҡ ижадын Рәми шулай уҡ ғүмер буйы өйрәнерлек оҫталыҡ мәктәбе һананы, башҡа хазиналарға ла хайран ҡалып табынды. Үҙенә үрнәк итеп алырлыҡ әллә күпме аҫыл әҫәрҙәргә юлыҡты. Барыһын да һөйөклө остаздары тип һанамаһа ла, уҡытыусылары күп булды. Бер генә аҡыл эйәһе янынан да уның зирәк зиһене вайымһыҙ үтмәне. Шағирҙар һәм әҙиптәрҙең, һүҙ әһелдәренең күпселеге ҡулдарынан ҡәләмдәре төшөп киткәнсә оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә. Ләкин ижадсының шәкертлек осоро иртәме-һуңмы барыбер үтеп китә. Шундай үҫеш кимәле, ысын өлгөрөү мәле етә: ижадсы үҙе үҙенең төп уҡытыусыһына, төп тәнҡитсеһенә, төп баһалаусыһына, кәңәшсеһенә әйләнә. Ошондай ауыр вазифаларҙы лайыҡлы үтәй алмай икән, тимәк, ул ижадсы бәхетенә ирешмәгән, ябай автор булып ҡалған тигән һүҙ. Үҙ-үҙеңде дөрөҫ баһалай, тейешле тәнҡитләй алмау – ижад донъяһындағы иң аяныслы хәлдәрҙән ул. Ижадсы үҙенең көслө яҡтарын белергә, үҫтерергә, әҫәрендәге йомшаҡ урындарҙы аяуһыҙ һыҙып ташлай белергә тейеш. Тәжрибәле редакторҙың оҫта ҡулы менән генә ниндәйҙер уртаса дәрәжәгә еткерелеп донъя күргән китаптар шуға күрә әҙәбиәттә ваҡиға була алмай. 1953-1954 йылдарҙа Рәми Ғарипов үҙендә нығыраҡ көс тоя, һандан бигерәк сифатҡа иғтибар арта. Әлбиттә, төрлө уйланыуҙарҙан тупланған ижад кредоһын тәшкил итеүсе текстар Рәмиҙең яҙмаларында ҡат-ҡат осрай. Барлыҡ ҡорған пландарын тормошҡа ашырып өлгөргән һүҙ оҫтаһын донъя әҙәбиәтендә табыуы мөмкин түгел. Хатта тауҙар аҡтарған Бальзак та титаник эштәренең осона сығып етә алмаған. Рәми Ғариповтың да бик күп ижади ниәттәре: проза яҙыу, күренекле шағирҙарҙың ижади портреттарын булдырыу, аңлатмалы һүҙлек төҙөү, балалар әҙәбиәтен өйрәнеү, Салауат хаҡында ҙур полотноны тамамлау һ. б., һ. б. йыш ҡына үҙе һанай башлағанда грандиоз төҫ алһа ла, ул теләктәрҙең күбеһе изге декларация ғына булып ҡала. «Әйткәнмен икән – бөттө!» тиһә лә, Рәмиҙең әйткәнен тормошҡа ашырмаған саҡтары аҙ түгел. Пландарҙың барыһын үтәү мөмкин дә түгел. Ҡайһы бер осраҡтарҙа авторҙың ныҡышмалылығы ла етмәгәндер. Өсөнсө-дүртенсе курстарҙа иғтибар уҡыуҙан ижадҡа нығыраҡ борола бара. Өфөнән ҡайтҡас та китаптың хәле тураһында хәбәр көтөүҙәр башлана. Март аҙағында ул тағы ла Өфөлә була, китабын яңынан ҡарай. Редакторы Сәләх Кулибай булырға тейеш. Был эштең үҙенә тапшырылмағанына Ғәйнан Әмири бик ныҡ үпкәләгән булһа кәрәк, мәктәп осорондағы яратҡан шәкерте менән йүнләп һөйләшеп тә тормай. Хәким Ғиләжев менән аҙаҡ әңгәмәләшеп ултыралар. Хәким ағайҙың үҙенән бәләкәйҙәргә лә тиң ҡарауын һәр саҡ оҡшата Рәми. Уның ҡарауы Ибраһим Абдуллин менән ҡаты ғына бәрелешеп алалар: «Имеш, мин бик тыйнаҡһыҙ, еүеш танау! Ә ул – әҙәбиәттә алла!» Был юлы Рәми Өфөнән бик төшөнкө күңел менән ҡайта: «Бына мин тағы Мәскәүҙә! Өфөнән 14 мартта килеп төштөм. Өфөлә үткәрелгән көндәр бер ауыр төш кеүек. Ялған дуҫың оҡшаш күләгәгә, Ҡояш булһа, ҡалмаҫ артыңдан. Әгәр инде көнөң болот булһа, Юғалыр ул өнһөҙ алдыңдан. Әле лә үҙемде ауырыу итеп тоям» (15.03.54). Өфөнән ҡайтҡас бер айға яҡын ваҡыт үткәс Рәмиҙең Рифғәт Алғушаевҡа яҙған хатында шундай күңелһеҙ юлдар бар: «Өфөнән мин бер ҡасан да шундай ауыр уйҙар менән киткәнем юҡ ине... Бөтәһен дә күҙ алдынан юғалтыр өсөн мин тәүге ҡабат яңғыҙ ғына иҫерҙем. Поезд һуңлап килергә тейеш ине. Мин үҙемде шул тиклем яңғыҙ һиҙҙем – үкереп илағы килде. Ләкин мин илай алманым. Сөнки мин үҙемдең көсөмә ышанам. Һәм минең көсһөҙ булғаным да юҡ... Донъяла бөтә нәмәңде – иң яҡын кешеләреңде, дуҫтарыңды, иң яҡты тойғоларыңды, мөхәббәтеңде юғалтырға мөмкин, ләкин үҙеңдең кешелегеңде юғалтыу мөмкин түгел» (10.04.54). Өфөнән ошондай ауыр кисерештәр менән китеүҙең сәбәптәре, бәлки, берәү генә лә булмағандыр. Ижад хаҡындағы бәхәстәрҙе, шиғриәттәге ҡайһы бер хәлдәрҙе шағир, бәлки, күңеленә артыҡ яҡын алғандыр. Китабын редактор ҡулына тапшырғанда үҙ эшенән, бәлки, ҡәнәғәт булып етмәгәндер. Ә, бәлки, уҙған йылдың көҙөндә тәүге йыйынтығын тотоп тәүге килгәндә ҡайҙалыр практикаға киткән Мариятты осрата алмаған һымаҡ, был юлы ла уны эҙләп таба алмайынса өҙгөләнгәндер. Ни тиклем түҙемле Рәмиҙе лә ошондай бошонҡо хәлдә ҡалдырғас, сәбәптәр етди һәм байтаҡ булғандыр. Ләкин ғорур Рәми үҙ холҡона тоғро ҡала: ҡайғыларын эскә йәшерә. Ниңә был хатты ул Рифғәткә ебәрергә тейеш әле? Үҙен йәлләтергәме? Өфөлә үткәргән көндәрен үҙе белгәне етмәгәнме ни? Юҡ, был хатты ебәрмәҫкә, икенсене яҙырға кәрәк. Дуҫҡа тапшырылмаған хат көндәлектә һаҡланып ҡалған. Нисәмә көндәр буйы көткән иң төп хат та килеп төшә. Рәми ул хатты килгән көнөндә үк, бәлки, уҡып та өлгөрмәгәндер, уҡыһа ла фекерҙәрен әйтергә форсат булмағандыр. 9 апрелдә «Бик көтөлгән хат килде. Нәшриәттән! Мин бик шат!» тигән һүҙҙәрҙе яҙырға ғына ваҡыт тапҡан. Рәми «Мин бик шат!» тип ҡанатланһа ла, түҙемһеҙлек менән уҡый башлаған хат һис кенә лә шатландырмай, киреһенсә, асыуын ҡабарта, сығырынан сыға яҙа. Ул хаттың йөкмәткеһен һүҙмә-һүҙ белмәһәк тә, йәш шағирға ҡарата байтаҡ тәнҡит әйтелгән булырға тейеш. Юҡҡа бындай киҫкен реакция тыумаҫ ине: «Сәләх Кулибайҙың һәм Баязит Бикбайҙың минең «Йүрүҙән» китабына фекерҙәрен аҙаҡ яҙырмын инде (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар теркәп ҡуйылмаған – Р.Б.). Рафаэлгә лә, Рәйескә лә уҡыттым рецензияны. Баязит Бикбай мине ашыға ти. Ә мин һуңлайым кеүек. Рецензия мине тар-мар итһә лә, бик шатландым. Асыуҙан шатландым. Алда ҙур эш торғанға шатландым. Ә уларҙың шулай ғәмһеҙлегенә аптырарға ғына кәрәк. Халтура! Күрһәтермен әле мин һеҙгә! Ә тышта ғәжәп! Ап-аҡ ҡар яуған. Бер-ике сәғәт эсендә! Бына һиңә яҙ!» (10.04.54). Баязит Бикбайҙың автор ашыға тигәнерәк һүҙҙәрен Рәми айырыуса оҡшатмаған, күрәһең. Ләкин тәжрибәле шағир бындай һығымтаға ерле юҡтан ғына килмәгән. Китабын 1953 йылдың көҙөндә Өфөгә илтеп ҡайтҡас, Рәми үҙе лә был ҡулъяҙманың сифаты тураһында бик борсолоп уйланғайны бит: «Китап инде нәшриәт ҡулында. Ҡышҡы практикаға ҡайтҡанда уны бөтөнләй хәл итеп китәсәкмен. Ҡайһы бер шиғырҙарҙы алып ташларға, ҡайһыларын яңынан эшләп сығырға, ҡайһыларын өҫтәргә кәрәк булыр. Йыйынтыҡты, әлбиттә, мин иртәрәк сығарамын. Шулай ҙа тәүәккәлләнем инде» (18.12.53). Ә хәҙер Бикбайҙың ҡабаланыу хаҡындағы һүҙҙәренә үҙе ҡаты үпкәләй. «Күрһәтермен әле мин һеҙгә!» – бындай уҫал янау ҙур ҡыҙыулыҡ һәм асыу менән әйтелгән, әлбиттә. Оло ҡәләмдәштәренең Рәмигә ниндәйҙер яманлыҡ эшләргә йәки юлын быуырға тырышыуҙарын күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Баязит Бикбай һәр һәләтле йәш авторҙың күренеүенә ғүмере буйы ихлас ҡыуанып йәшәне, ҡулынан килгәндә ярҙам итергә тырышты. Уның аҡыллы кәңәштәрен тойғандар аҙ түгел. Сәләх Кулибай ҙа һәр саҡ йәштәр менән бергә булды, ижади аралашып йәшәне. Нәшриәттән килгән хат ҡоро тәнҡиттән тормағандыр, унда кәрәкле кәңәштәр ҙә әйтелгәндер. Был хаттың йөкмәткеһен яҡынса күҙ алдына килтерергә мөмкин. Элекке дәүерҙәрҙә Башҡортостан китап нәшриәтенә килгән һәр ҡулъяҙма кемгәлер эске рецензияға бирелә торғайны. Унда рецензент әҫәргә йәки әҫәрҙәргә бик ентекләп туҡтала, бигерәк тә шиғырҙарҙың һәр береһенә тиерлек үҙенең ҡарашын белдерә, ҡулъяҙманы тотош анализлағандан һуң һығымта яһай, ыңғай йәки кире баһалай ине. Шул уҡ ваҡытта редактор үҙенең баһаламаһын бирә, хуплай йәки кире ҡаға ине. Хәҙер был һәйбәт традициялар онотолдо. Онотолоуы бик ҡыҙғаныс, әлбиттә. Юғиһә, нәшриәт бөгөн нисәмә йөҙәрләгән ҡулъяҙмалар складына әйләнмәҫ ине. Редактор баһаламаһында Сәләх Кулибайҙың «Йүрүҙән»де кире ҡағыуы йәки Баязит Бикбай эске рецензияла, Рәми әйткәнсә, тар-мар итеүе мөмкин түгел. Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөгән был йәш шағирға олоһо ла, кесеһе лә ҙур өмөт бағлай. Айырым етешһеҙлектәр күрһәтелгән икән, быныһы ижади мөнәсәбәттәрҙә тәбиғи хәл. Ләкин Рәми үҙе башҡаларҙың әҫәрҙәренә ҡарата йыш ҡына бик уҫал, әммә ғәҙел тәнҡит һүҙҙәре әйтһә лә, үҙенең яҙғандарына тел дә тейҙермәй. «Ленинсы» газетаһының 1954 йылғы 30 март һанында «Йәш көстәр»гә ингән Фәйзи Сиражетдинов, Марат Кәримов, Карам Бакиров, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары тураһында «Тәнҡит һәм библиография» бүлегендә Хәким Ғиләжевтең күҙәтеүҙәре баҫыла. Үҙенә ҡағылышлы өлөшөн Рәми дәфтәренә күсереп ҡуя һәм аҙағына «Алла һаҡлаһын бындай судьяларҙан! Бер ҡасан да шундай тәнҡит мәҡәләһе яҙмам!» тигән асыулы һүҙҙәр өҫтәп ҡуя. Гәрсә Хәким Ғиләжевтең анализында ундай асыу килтерерлек ғәҙел булмаған фекерҙәр юҡ. Айырыуса «Бәхет йылғаһы» тигән шиғырға ҡарата, мәҫәлән, бик хаҡлы һүҙҙәр әйтелгән. Был әҫәрҙәге етешһеҙлектәр тураһында бында һүҙ булғайны инде. Ул һүҙҙәрҙе яҙғанда Хәким Ғиләжевтең мәҡәләһе менән танышып өлгөрмәгәйнем. Шулай ҙа байтаҡ күҙәтеүҙәр беҙҙең тап килә. Сөнки был шиғырға ҡарата объектив ҡараш үҙе үк шуға килтерә. Ләкин Рәми Хәким Ғиләжевтең тәнҡитен тейешенсә объективлыҡ менән ҡабул итә алмаған. Тимәк, үҙенең төп уҡытыусыһына, төп тәнҡитсеһенә нығыраҡ әйләнә барһа ла, йәш шағир үҙенә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрҙең хаҡлылығы-хаҡһыҙлығын ентекләп тикшермәй, кәрәкле кәңәштәргә ҡолаҡ һалып еткермәй. Үҙ һүҙеңде яҡлау мөһим, ләкин башҡаларҙы ла тыңлай белергә өйрәнергә кәрәк. Студент шағирҙа был тәжрибә етеңкерәмәй, күрәһең. Бәлки, ҡайһы саҡта уның үҙһүҙлелеге лә еңеп китәлер. «Әйттем – бөттө!» принцибы маҡсаттарыңа ирешеүҙә ныҡлы көс бирһә лә, уйлап еткермәгәндә кирегә эшләүе лә мөмкин. Рәми Ғариповтың абруйлы ҡәләмдәш ағаларына «Күрһәтермен әле мин һеҙгә!» тигән киҫкен һүҙҙәре яңғырауы йылдар үтеү менән бик һәйбәт яҡтан раҫланды. Башҡорт әҙәбиәтендә ул үҙен талантлы шағир итеп күрһәтте, һүҙе менән уҡыусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде, зиһендәрендә яңы уйҙар тоҡандырҙы. Ләкин уның үҙенә яуызлыҡ күрһәтеүселәр ҙә аҙ булманы... Тормоштоң яҡшы яҡтары барыбер күберәк. Яңы шиғырҙар яҙыла. «Һуҡыр» тигән шиғырын Рәйес Низамовҡа уҡығанда Рәми шул тиклем тулҡынлана, хатта күҙенә йәштәр тула. Рафаэлгә уҡығас, оҙаҡ бәхәсләшәләр. Һуҡыр исеменән яҙыуҙы ҡәләмдәше дөрөҫ түгел ти. Рәмисә иһә, һәр саҡ үҙең менән генә булған хәлде яҙырға тигән ҡағиҙә юҡ. Ул Лермонтовта, Туҡайҙа, башҡа бик күп шағирҙарҙа был алымдың булыуы хаҡында һөйләй. Блок ҡайһы бер шиғырҙарын хатта ҡыҙ кеше булып та яҙған ти. Шиғриәттә төрлөлөктө, шартлылыҡты яҡлай. Шулай ҙа ул шиғырына яңынан әйләнеп ҡайта, текстологик төҙәтмәләр индерә. Ҡәләмдәштәренең ижад шатлыҡтары ҡыуандыра Рәмиҙе. Рафаэль Өфөнән ҡанатланып ҡайтып төшә: поэмаһын Яҙыусылар союзында тикшергәндәр. Мостай Кәрим яҡшы кәңәштәр биргән. Кистәрен тағы Өфө шағирҙары тураһында һөйләшәләр. Мәскәүгә килгәндәрен мотлаҡ күреп, тыңлап ҡалырға тырышалар. Бер мәлде ҡалаға Ниғмәти менән Мостай Кәрим килгән тигән хәбәрҙе ишетеп, «Москва» ҡунаҡханаһына шылтыраталар. Мостай Кәрим өйҙә булмай, Рәшит Ниғмәти руссалап: «До четырех часов в любое время приходите!» – тип яуап бирә. Шакир, Рәйес, Рафаэль, Рәми күмәкләшеп Мәскәү ҡунаҡтары янына китәләр. Ишек шаҡырға береһе лә ҡыймай. Тәүҙә Рәми туҡылдатһа ла, өндәшеүсе юҡ. Борсомаҫҡа булып, оҙаҡ ҡына көтөп ултыралар. Шакир шаҡығас, ишек асыла. Рәшит ағай ҙур бүлмәлә бер үҙе хан кеүек йөрөп ята. Егеттәрҙең барыһы менән дә күрешеп сыға, сәйгә саҡыра. Рафаэль роялдә «Сәлимәкәй»ҙе уйнағас, Рәшит ағай үҙе лә: «Ғашиҡ булдым ҡара ҡашыңа» тип йырлап ебәрә. Бик күңелле ултыралар. Тыуған Башҡортостанда осрашҡан һымаҡ булалар. Рәми юл буйынса Рәшит Ниғмәтиҙең: Мин – башҡортмон, Гүзәл баҡса минең ерем. Сәскә ата Башҡортостан – минең илем! – тигән атаҡлы юлдарын ҡат-ҡат ҡабатлап ҡайта. Тағы ла Рәшит Ниғмәтиҙең «Йәмле Ағиҙел буйҙары» исемле поэмаһындағы: Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә, Ә ҡойроғо ҡойона Аралда. Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап, Ғорур тора бында ҡаялар, – тигән юлдары иҫкә төшә, шул грандиоз панорама күҙ алдына килә. Ҡанатлы юлдарға Баязит Бикбайҙың «Ер» поэмаһындағы: Башҡортостан тәне ҡара янған Меңәрләгән ҡамсы эҙенән. Беҙҙең йәште бергә йыйһалар, Ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр, – тигән бер уҡыуҙа хәтерҙә ғүмерлеккә уйылып ҡала торған һүҙҙәре ялғана. Быларҙы хәтерләгәндә Ғәлимов Сәләмдең «Республика иртәһе» тигән шиғырындағы: Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә Урал ҡаялары уртаһын, Сағыл ташҡа баҫып, ҡарап торҙом Республикамдың мин иртәһен... ...Тауҙар, тауҙар! Ҡайһы тау бейек тип, Мин тауҙарға үрелеп ҡараным. Тик тапманым шул тауҙарҙа тыуған Бәхеттән дә бейек ҡаяны! – тигән юлдары йөрәктә нисек яңынан сыңлап китмәһен! Башланғыс кластарҙан зиһенгә уйылып ҡалған аҫыл һүҙҙәр бит улар. Шуларға лайыҡлы һүҙҙәрҙе, яңы образдарҙы нисек табырға? Рәшит Ниғмәти менән осрашыу ҡыуандырҙы ла, уйландырҙы ла. Мәскәүгә килгән Башҡортостан кешеләрен, бигерәк тә әҙиптәрҙе, һәр саҡ көтөп алһалар ҙа, осрашыуҙар былай гел генә ҡыуаныслы тәьҫораттар ҡалдырмай. 1954 йылдың аҙаҡтарында илдәге оло ваҡиғаға – СССР Яҙыусылар союзының икенсе съезына әҙерләнәләр. Максим Горький етәкселегендә уҙғарылған тәүгеһенән һуң ике тиҫтә йыл үтеп киткән. Был ижади ойошманың төҙөлөүенә лә шунса ваҡыт уҙған. Совет яҙыусылары съезының нисек үтеүен бөтә донъя һағайып көтә. Тәүге йыйын үткәндә ике йәшлек кенә булған Рәми 1954 йылдың 15 декабрендә асыласаҡ ошо тантананы Максим Горький исемендәге институттың һуңғы курс студенты булып, үҙенең беренсе китабы менән ҡаршы ала. Башҡортостан яҙыусылары делегацияһын ҡаршы алырға Шакир, Рәми, Рафаэль, Рәйес Ҡазан вокзалына дүртәүләшеп төшәләр. Поезд килеп туҡтау менән вагон янына йүгерешеп баралар. Иң тәүҙә Әкрәм Вәли, унан Һуң Әхнәф Кирәй, Рәшит Ниғмәти, Сәғит Агиш, Хәниф Кәрим күренә. Студенттар уларҙың сумаҙандарын тотоп алалар. Ләкин осрашыу нисектер уңайһыҙ килеп сыға. Ҡаршы алыусыларға яҙыусылар иғтибар ҙа итмәй. Автобус «Гранд Отель» ҡунаҡханаһына туҡтағас, инеп йөрөмәгеҙ инде тигән һымаҡ, йәштәрҙән сумаҙандарын алып та өлгөрәләр. Ә бит йәш авторҙар улар менән аҙ ғына булһа ла аралашырға, Өфө хәлдәрен белергә, кәңәш-фекерҙәр ишетергә өмөтләнгәйне. Көтөүҙәре юҡҡа булдымы ни? Башҡалар һымаҡ, Рәми ҙә ныҡ ғәрләнә: «Мин эстән генә: «Һеҙме яҙыусылар?» – тип ҡысҡырҙым. Ғәрлегемде баҫырға тырышып, уларҙы ололап ҡаршы алырға килеүебеҙгә бик үкендем. Юҡ, беҙ иң бәләкәй генә иғтибарға лайыҡлы инек» (14.12.54). Рәми бер йыйылыштан һуң Өфөлә асырғанып эстән генә әйткән һорауҙы Мәскәүҙә ғәрләнеп яңынан ҡабатлай: «Һеҙме яҙыусылар?!» Бында кемдәндер ғәйеп эҙләү урынһыҙ. Мәскәүгә барлыҡ республикаларҙан килгән төрлө милләт яҙыусыларын ниндәй ҙур ваҡиға, онотолмаҫ осрашыуҙар көтә. Студенттар менән һөйләшеп торорлоҡмо ни? Ҡаршы алғандар икән, бик һәйбәт. Тик ағайҙар ҡустыларына бер-ике йылы һүҙ әйтерлек кенә форсат таба алырҙар ине, әлбиттә. Тәбиғәте менән кешеләргә иғтибарлы Рәмиҙең күңелендә ҡайнаған үпкә тойғоларын да, йәштәрҙең кәйефһеҙләнеп ҡайтыуҙарын да аңларға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәми съезға инә алмай, ундағы хәлдәрҙе матбуғат буйынса ғына күҙәтә. Ярай әле Шакир Янбаев, Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов алдан хәстәрен күргәндәр, билет тапҡандар. Рәми, үҙе әйтмешләй, ауыҙ асып ҡалған. «Йәштәрҙе тәрбиәләү, алмашсылар кәрәклеге хаҡында һөйләүҙәр ҡоро һүҙ булып ҡалыуын дауам итә. Әҙәбиәт институтының 150-нән артмаған студентын онотоп ҡалдыралар. Был үкенесле!» – тип уйлана ул. Съезға студенттар инә алмай, ә институттағы ниндәйҙер лаборанткалар, машинисткалар унан ҡалмай йөрөй. Быға нисек асыуың килмәһен?! Сурковтың съездағы телмәренән Рәми күберәкте көткәйне. Анализ урынына ҡайһы бер ҙур яҙыусыларҙың исемдәре генә һанап сығылған. 20 йыллыҡ әҙәбиәтте теоретик яҡтан дөйөмләштереү урынына сығышта библиографик отчет өҫтөнлөк иткән. Студенттарҙың һөйләгәне ун көндән артыҡ барған съездағы ваҡиғалар. Күптәр Шолоховтың сығышын бик юғары баһалай. Институтта сит ил яҙыусылары менән осрашыуҙар була. Анна Зегерс менән Эрнест Фишер съезд тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Фишер Шолоховтың сығышы менән теләктәш түгеллеген әйтә. Съезд көндәрендә Рәми татар әҙиптәре менән яҡынданыраҡ аралаша: «Сибғәт Хәкимгә инеп, татар яҙыусылары менән күрешеп ҡалдым. Абдрахман Әпсәләмов, Зәки Нури, Фатих Хөсни, Ҡәүи Нәжми менән таныштым. Зәки Нури, уҡып бөткәс, Ҡазанға эшкә кил, тип ҡысҡырҙы. Татарҙар үҙҙәренә эләктерергә генә торалар, юҡ инде, – тип ҡуйҙым эстән генә. Ҡәүи Нәжми Шолоховтың сығышынан риза түгел. — Партия менән былай ҡапма-ҡаршы килеү шәп түгел инде! – тип ҡыҙып һөйләне. Сибғәт Хәким бик ябай, йомшаҡ кеше. Бик оҡшаны» (24.12.54). Съезд ваҡытында ҡайһы бер студенттар араһындағы идеологик ҡаршылыҡтар ҙа нығыраҡ асыла. Донъя күләмендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан совет яҙыусыларының ҙур йыйыны бәғзе берәүҙәрҙең күңелендә йыйылып килгән ризаһыҙлыҡтарҙың, рәсми сәйәсәткә тап килмәгән ҡараштарҙың тышҡа бәреп сығыуына ла сәбәп булғандыр. Көндәлектән: «Көндөҙ институтта Недоседкинды тикшерҙек. Ул беҙҙең күрше бүлмәлә Леонов тураһында алама һүҙҙәр әйткән. Горькийҙы (!) яҙыусы түгел тигән. Алексей Толстой тураһында: «Әгәр ҙә Толстой эмиграциянан Советтар Союзына ҡайтмаған булһа, ул сит илдә яҡшыраҡ әҫәрҙәр яҙа алыр ине һәм «был бы более русским писателем», – тигән. Рафаэль был һүҙҙәрҙе ҡағыҙға яҙып ҡуйған. Ә Егор Исаев, беҙҙең бүлмәгә инеп, Рафаэлдән ни ишеткәнен һорашып ултырған да иртәгеһенә был хаҡта курс парторгы Ванцет Чукреевҡа әйткән. Шунан – йыйылыш. Унда мине Шәрип Әлбәриевтең «башҡорт» һүҙенә баҫым яһап, Рафаэлде ошаҡсылыҡта ғәйепләүе ғәжәпләндерҙе. Бик асыуым килде. Рафаэлдең һүҙ йөрөтә торған сифаты юҡ» (16.12.54). Аҙаҡ дисседентлыҡ тигән ҡара мөһөр һуғыласаҡ күренештәрҙең яралғыларын ошо йыйылышта уҡ төҫмөрләргә мөмкин. Уның Әҙәбиәт институтында – ирекле фекергә ынтылыш көслө булған ижади мөхиттә тыуыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Шул уҡ ваҡытта был эпизодта шул осорҙағы шик-шөбһәле мөнәсәбәттәрҙең шомло тыны ла тойолоп ҡуйғандай. Ләкин Рәми Ғарипов ижади фекер көрәшенә һәр саҡ иғтибарлы булырға тырышһа ла, үҙенең төп принциптарына тоғро ҡала: остазы Горькийға һоҡланыуын, ҡәләмдәше Рафаэль Сафинға ышанысын туранан-тура белдерә. Шул уҡ ваҡытта бындай бәхәстәр Рәмиҙе лә уйландырмай ҡалмай. Төпсөнөргә, бәхәсләшергә әүәҫ йәш шағирҙың рухы былай ҙа тынғы белмәй эҙләнә, күнегелгән стереотиптарҙы инҡар итә. Уның өсөн шаблон-сәнғәттең дошманы ул традиция түгел. Рәмиҙең инаныуынса, иҫке традиция нигеҙендә яңыны тыуҙырыу, ә шаблон – үлергә мәле еткән ҡарттың меҫкен таяғы. Ысын мираҫтың иҫкергән шаблондар менән һис бер уртаҡлығы юҡ. Шуға ла ул яңылыҡҡа ынтыла, яңы һүҙ әйтер өсөн, шиғриәткә яңылыҡ алып килер өсөн ғүмерен фиҙа ҡылырға әҙер. Күп милләтле совет әҙәбиәте өсөн 1954 йылдың иң ҙур ваҡиғаһы СССР яҙыусыларының II съезын үткәреү – егерме йылдан һуң, ниһайәт, икенсе тапҡыр оло йыйынға йыйылыу булһа, Рәми Ғарипов өсөн 1954 йыл «Йүрүҙән» исемле беренсе китабының сығыуы менән айырыуса иҫтәлекле һәм ҡәҙерле. Ижад кешеһе өсөн ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ иң тәүге оло ҡыуаныслы ваҡиға. Октябрь башында Рәми Ғарипов күрергә күпме зар-интизар булған китабын ҡулға алып, түбәһе күккә тейә. «Төнгө сәғәт 3-сө ярты. Мин бөгөн бик бәхетле: лекцияларҙан һуң күпте көткән почта миңә тәүге китабымды – «Йүрүҙән»де килтерҙе! Бына ул «Йүрүҙән» – эргәмдә ята. Әгәр ҙә хәҙер атайым иҫән булһа, мин уға бөгөн ҙур хат яҙған булыр инем. Ә ул минең, беҙҙең йәшлегебеҙҙе һаҡлап вафат булды. Әле бына Р. Островскаяның Николай Островский тураһындағы китабын уҡып сыҡтым да әллә нисек күңел тулып китте. «Ҡорос нисек сыныҡты» – минең тәүге мәктәбем һәм тәүге ҡабат йәшәү тураһында бәләкәй генә йөрәгемә ҙур ут һалған китап ул. Островскийҙың тормош тураһындағы бөйөк һүҙҙәре мине үҙ ғүмеремдең иң яуаплы сәғәтенән ҡотҡарып алып ҡалды. Ағиҙел күпере аша сыҡҡанда поездан һыуға һикерергә ҡулды ысҡындырған саҡта был һүҙҙәр мине тотоп ҡалды һәм мин яңынан тормошҡа ҡайттым. Уға инде бына дүрт йыл үтте. Һәм бына шул иң ауыр йылдар эсендә мин иң матур тормошомдо йәшәнем һәм бына уның тәүге емеше – «Йүрүҙән». Ҙур һүҙҙәр яҙғым килмәй. Ләкин мин ҙур эш эшләйәсәгемә ышанам. Мин кешеләргә кәрәк! Йүрүҙәнем, был төндө һин дә хәтереңдә һаҡла! Рафаэль миңә бөтә китапты ҡысҡырып уҡып сыҡты» (6.10.54). Үҙ тиҫтерҙәренән Рәми Ғарипов беренсе булып Әҙәбиәт институтына уҡырға килеп инде, беренсе булып үҙенең тәүге китабын сығарыу бәхетенә иреште. Был уның ныҡышмалылығы, маҡсатҡа тоғролоғо, ашҡынып йәшәүе хаҡында һөйләй. Һалмаҡ ҡына атлап йөрөһә лә, аҙымы ырамлы булып сыҡты йәш шағирҙың. Был китап уның тормошонда яулаған әлегә иң ҙур бейеклек. Уны ҡулға алған, Рафаэль ҡысҡырып уҡып сыҡҡан кисте Рәми ғүмерендәге бик мөһим хәлдәрҙе күҙ алдынан кисерә. Авторҙың үпкәләберәк йөрөгән саҡтары булһа ла, нәшриәт үҙенең эшен бик ырамлы итеп, етеҙ башҡара булып сыға. 1953 йылдың көҙөндә төҙөп бөтөргән йыйынтығын Рәми Ғарипов 1954 йылдың көҙөндә китап рәүешендә ҡулына ала. Хатта бер йыл тулып та өлгөрмәй. Хәҙерге нәшриәт ошондай тиҙлектә эшләһен ине! Етмәһә йәш шағирҙың йоҡа ғына тәүге китабы биҙәкле ҡаты тыш менән сыға. Быныһы ла бөгөн сәйер күренергә мөмкин. Китаптың шулай сығыуын йәш көстәргә иғтибар, конкрет авторға яҡшы мөнәсәбәт билдәһе итеп ҡарарға кәрәк. Почтанан китап килеп төшкән көндө ҡәләмдәштәрҙең, әлбиттә, кәйефтәре күтәренке булғандыр. Шиғыр уҡыу һәләте буйынса иң талантлы сәхнә оҫталары менән ярышырлыҡ Рафаэль Сафин китапты башынан аҙағына тиклем ҡысҡырып уҡып сыҡҡас, әҫәрҙәрҙең тәьҫир көсө бермә-бер артҡандыр. Ләкин Рәми эйфорияға артыҡ оҙаҡҡа бирелмәгән булырға тейеш. Төнгө сәғәт өстә лә әле ул йоҡламай. «Йүрүҙән»гә ҡыуанып ҡына ҡалмай, тормоштоң төрлө хәлдәре тураһында уйлана, һабаҡ булырлыҡ китап уҡый. Тулҡынланыуҙар һүрелә төшкәс, тәүге йыйынтығын ул талапсан күҙ менән ҡат-ҡат ҡарағандыр, бик оҡшатҡан урындары ла, күңеле кителгән ерҙәре лә булғандыр. «Йүрүҙән» исемле китапҡа барыһы 27 шиғыр ингән. Шуларҙың бишәүһе генә Өфөлә унынсы класта уҡығанда яҙылған, ҡалғандары Мәскәүҙә ижад ителгән. Китапты төҙөүгә автор мөмкин тиклем талапсан килергә тырышҡан. Был ваҡытта шағирҙың яҙғандары байтаҡ тупланған булған. Әҫәрҙәрҙең беренсе томында 1950-1954 йылдарҙағы илленән ашыу шиғыр урын алған. Унда инмәй ҡалғандары ла бар. Нисек кенә булмаһын, тәүге китап Рәми Ғариповтың башланғыс ижад дәүерен тулы ғына сағылдыра. Йыйынтыҡтың «Йүрүҙән» тип аталыуы һәм шул исемдәге шиғыр менән асылып китеүе башта уҡ ижадтың тамырҙарын барларға тырышыуҙан тыуған. «Йүрүҙән» шиғырында тамырҙар, күтәреләсәк олондар тураһында һүҙ барһа, унан һуң килгән «Әсәм ҡулдары»нда күңелде әсә менән улдың яҙмыштары тетрәндерәсәк. Тәү ҡарашта һуғыш осоро, һуғыштан һуңғы тормош өсөн ғәҙәти күренештәр. Ләкин шағир таланты ошо ғәҙәтиҙе ысын шиғри балҡыш итә алған. Рәмиҙең Мәскәүҙә ижад иткән шиғырҙары араһында «Әсәм ҡулдары» ның иң сағыу ҡаҙаныш булыуы элекке кисерелгәндәрҙең шағир йөрәген яндырып-һыҙландырып яңынан терелеүендә, шулар хаҡында әйтер өсөн иң кәрәкле һүҙҙәрҙең табылыуында. Был инде шиғри оҫталыҡтың үрнәге. Мәскәүҙән Рәми Ғарипов Башҡортостандағы уҡыусыларына, әсәһенә, яҡташтарына «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы менән ҡайтасаҡ һәм был йыйынтыҡтың йөҙөк ҡашы, һис шикһеҙ, «Әсәм ҡулдары» шиғыры буласаҡ. Был китап хаҡында матбуғатта һәйбәт баһалар ҙа сығасаҡ. Улары хаҡында алдараҡ һүҙ алып барырбыҙ. Тоғролоҡ һәм мөхәббәт Шулай итеп, Рәми Ғариповтың тәүге китабына яҙмыш мәрхәмәтле булды: бер йыл тулыр-тулмаҫтан ул ҡанатланып әҙәбиәт донъяһына осоп сығып та китте. Нәшриәттең ул ваҡытта авторҙарға гонорар түләү эше һәйбәт көйләнгән булған. Әле йыйынтыҡ сыҡмаҫ борон уҡ Мәскәү студентына гонорар ебәрәләр. «Станцияла Рафаэль сигарет алып бирҙе лә институтҡа киттек. Килһәк, китаптың 60 процент аҡсаһы килгән! 2800 һум! Бындай аҡсаны ҡулға алыу әллә нисек хатта! Почтаға барҙыҡ та аҡсаны Рафаэль һанап алды. «Ну йәшәйбеҙ хәҙер һинең менән!» – тинем Рафаэлгә. Уға мин «Йүрүҙән»дең аҡсаһы килеү менән костюм алып бирергә тип ҡуйғайным. Занятиеға инеп торманыҡ. ГУМ-ға киттек» (18.05.54). Егеттәр икеһе лә өр-яңы костюмлы була. Букинистарға инеп, «Мужчина и женщина» тигән китап һатып алғас, Нина Акимовнаға китәләр. Улар мунсанан ҡайтыуға хужабикә сәй әҙерләп ҡуя. Яңы костюмдарҙы кейеп алғас, студенттар, «Киев» ҡунаҡханаһына инеп, шатлыҡтарын «йыуып» сығалар. Рәми йыйылған бурыстарынан да ҡотола. Костюм тураһында дуҫтар алдан хыялланалар. Рафаэлгә «квитанция» итеп Рәми шиғыр ҙа яҙып бирмәк була. Ошо күңелле саҡтарҙың иҫтәлеге булып, әлеге квитанция-шиғыр һаҡланып ҡалған: Ярай ҡайғырма һин кейем юҡҡа, Шиғырымдан костюм тегермен. Ул киң, йылы, туҙмаҫ костюм булыр, Шәп тегенсе Рәми, тиерһең. Мин хаҡын да ҡиммәт һорамамын, Иҫәпләшеп тормам хаҡына. Шул да етә – Ҡыуандырһаң мине Яҡшы шиғыр яҙып халҡыңа. 24.04.54. Вәғәҙә – иман. Рәмиҙең уға хыянат иткәне юҡ. Бында ла төп хәстәр – халыҡ өсөн яҡшы шиғыр яҙыу. Йәш шағирҙарҙың бындай байып ҡалған саҡтары бик һирәк була, әлбиттә. Күберәген аҡсаһыҙлыҡ яфалай. Етмәһә, Рәми аҡсаны бәрәкәтле итеп һаҡ ҡына тотона белмәй, булғанын башҡалар менән уртаҡлашырға әҙер тора. Ул ғүмере буйы шулай йәшәйәсәк, ҡулына килеп ингән гонорарҙарын да, хатта эш хаҡын да тотанаҡлы ғына сарыф итергә өйрәнә алмаясаҡ. Аҡса килеп инһә, ул Рәмиҙең ҡулын ут һымаҡ бешерә йәки терегөмөш һымаҡ юғала. Күп ауырлыҡтарҙы тормош үҙе тыуҙыра, ҡайһыларына Рәмиҙең йомартлығы сәбәпле: «Союздан аҡса ебәргәндәр. Ғабдулла ағайға, Даһиға, миңә – 496-шар һум. Әсғәттең хәле бик мөшкөл. Уға 100 һум. Исмаһам, имтихан мәлендә ҡаңғырмаһын. Рауилға мәктәпте тамамлауына сәғәт алырға кәрәк. 309 һум» (9.06.52). Сентябрь башында әле китап үҙе килеп еткәнсе үк Рәми ҡалған гонорарҙы ала. Был осраҡта ла ул нәшриәт бик төгәл эшләй. Ләкин был юлы ла килгән муллыҡ ҡулда оҙаҡ тормай: «Бөтә аҡсаны таратып бөттөм. Бурыстарҙы түләнем. Әсғәттең хәле хөрт икән – уға 100 һум ебәрҙем. Рауилға ла, Уралға ла – 100-әр һум. Өйҙө йүнәтеү өсөн дә 600-ҙән артыҡ аҡса китте. Тағы үҙем буп-буш ҡалдым» (8.09.54). Һуңғы тинен үҙенән йолҡоп булһа ла Рәми туғандарына ярҙам итергә тырышты. Оло ҡустыһы Рауил ағаһы артынан Өфөгә килеп, интернатта уҡып сыҡты. Рәми уға Мәскәүҙән «Энергетика хәҙер – илебеҙҙең иң ҙур киләсәге», – тип, энергетик булырға өгөтләп хаттар яҙа. Ағаһы юлынан Рауил да Мәскәүгә юлланасаҡ, институт тамамлап, инженер дипломын аласаҡ. Рәми кесе ҡустыһы Уралды баш ҡала мәктәбендә уҡытырға бар көсөн һалып ҡарай. Ләкин матди яҡтан бер стипендияға йәшәүе мөмкин түгел. Ҡустыһын ас йөрөтөү Рәмигә енәйәт кеүек тойола, хатта үҙен-үҙе йолҡоп ташларҙай булып китә. Уралды Мәскәүгә алып килеү Рәмиҙең тәүәккәллеге арҡаһында иң изге ниәттән эшләнһә лә, йәшәүе бик ауырлаша. Рафаэль дә ярҙамлаша, бер һумды уртаға бүләләр, бер һауыттан ашайҙар. Шулай ҙа Уралды, ҡышҡы каникулдары башланғас, Өфөгә ебәрергә һөйләшәләр. Рәми Уралға мәктәпте бөтөргәс Мәскәүҙәге ауыл хужалығы академияһы тураһында ныҡлап уйларға ҡушып, уның көндәлегенә бер трактат та яҙып ҡуя. Ә хәҙергә үҙе лә, Рауил да уҡып сыҡҡан мәктәптә ҡустылары белем алһын. Интернат директорына исемләнгән хатты ҡулына тоттороп, Уралды 1954 йылдың ғинуар башында Өфөгә поезға ултыртып ебәргәс, ҡустыһын оҙатҡан ағай кешегә бик моңһоу булып китә. Ҡустыларына Рәми бәләкәстән бик талапсан булды. Бигерәк тә Рауилға ныҡ ҡына эләгә торғайны. Ауылда саҡта Рауил математиканан һәйбәт кенә өлгәшә, ләкин башҡа фәндәрҙән йомшаҡ. Каникулға ҡайтҡан Рәми быға әсәһе менән бергә көйәләнә. Ҡустыһының дәфтәренә былай тип башланған шиғыр ҙа яҙа: Ҡарап сыҡтым, Рауил, дәфтәреңде, Күрҙем бына наҙанлығыңды, Әгәр, ҡустым, инде былай булһаң, Һала алмаҫһың тормош юлыңды... Ағалары һымаҡ тырыш Рауил да, Урал да тормош юлдарын матур һалалар. Урал да интернатта һынатмай, аҙаҡ элемтәсе-инженер булып китә. Ҡустыларына Рәми талапсан, эштә лә, уҡыуҙа ла өлгө булды. Еләк йыйғанда һауыты тулмайынса бер генә еләк тә ҡапмай, ниндәй ҙур һауыт булһа ла, тултырмайынса ҡайтмай. Ҡустыларының илке-һалҡы булыуын күрһә, һыҙырып та ебәргеләй. Инәйҙе көйҙөрмәҫкә, нисек тә ҡыуандырып торорға! Хатта инәһенең ҡоро утынға тип ситән-фәләнде һурып алып китеүенә лә асыуы килә. Ҡустыларына ҡаты булғанына Рәмиҙең аҙаҡ үкенгән, уларҙы һағынып, үкһеп-үкһеп илаған саҡтары ла бар. Ағаларының һәйбәт йоғонтоһонан тыш, ҡустыларына, бәлки, шулай уҡырға тырышып үҫеүҙәре ҡыйыныраҡҡа тура килер ине. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән Рауил ҡустыһы Әҙәбиәт институты ятағына йыш килеп йөрөй. 1953 йылдың апрелендә килгәнендә ағаһы яңы төшкән рәсемен өҫтәл тартмаһынан алып, артына ошондай һүҙҙәр яҙып, ҡустыһына бүләк итә: «Рауил! Һиңә һәр саҡ иғтибарһыҙ, һалҡын булған аҙ һүҙле, уҫал ағайыңдан ниндәйҙер бер яратыу менән, бергә йәшәгән йылдар иҫтәлеге. Мәскәү. Рәми». Рауил барыһы ла дөрөҫ тигән ҡараш менән йылмая. Мәскәүҙә уҡыған йылдарҙың ғүмерҙә онотолмаҫ кисерештәренең береһе – асығып йөрөүҙәр. Асығыу тураһында тәүге яҙыу: «Дүртенсе көн инде, йүнләп туйған юҡ» (29.05.52). Һәр студент менән тиерлек була торған хәл. Ләкин хәҙерге талиптарҙың күбеһе ата-әсәнең даими ярҙамынан тыш уҡып йөрөүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Рәмиҙәрҙең ярҙам итерлек кешеләре юҡ. Ярар әле Шакир Янбаев араларында иң өлкәне булараҡ үҙенә эш табырға тырыша, өҫтәмә аҡсаһы бар. Ләкин уны ла нисек туҡтауһыҙ йолҡҡолайһың? «Бик асыҡтырған. Икебеҙҙең дә бик ашағы килә. Ләкин кеҫәлә бер тин дә юҡ. Рафаэль менән көнөнә ике мәртәбә бер порция ашап йөрөйбөҙ», «Бик арытты. Аҡса яғы бик хөрт. Тик институтты тамамлау өмөтө генә дәртләндереп тора», «Был аслыҡ психологияһы мине кәмһетә, йәберләй», «Жора Исаев миңә оҡшаған – көн һайын миңә тәмәке һорап керә. Мин теләнселәп табам, ә ул минән һорай. Хәйерсене теләнсе талай. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та...» (6.04.55), «Бер тин аҡса юҡ. Кисә лә, бөгөн дә ашаманым. Башҡа бер уй килде: ниндәй хаҡҡа булһа ла шинелде һатырға! Дядя Сережаға (Николай Тихоновтың дача хеҙмәтсеһе, Рәми уларға йыш ҡына барып, ер эштәрендә ярҙамлашып йөрөй – Р.Б.) барҙым да кейҙерҙем. 100 һум аҡса тап! Ул ышанманы хатта. Уңайһыҙланды. Ләкин алды» – бындай яҙыуҙарҙы уҡығанда йән әрней, үҙеңдең баштан кисергәндәрең иҫкә төшә. Шинель һатҡан аҡса ла бик тиҙ оса, күрәһең. Бер аҙнанан һуң тағы асҡа ҡаңғырыу: «Донъяла минең иң яҡшы белгән нәмәм – аслыҡ! Бына өсөнсө көн инде мин ас. Хатта ашағым да килмәй. Башты күтәреп, күҙҙәремде китаптан алһам, ҡапыл ҡараңғы булып китә. Ай-һай, донъя, туйҙым һинән, һин дә туйҙыңмы минән? Дуҫтар! Ниңә һеҙ аҡса булған саҡта ғына яҡынһығыҙ миңә?» (24.03.55). «Бик ныҡ йонсоном. Ләкин бөгөн ниндәйҙер еңеллек менән килеп торҙом. Шундай еңелмен, әйтерһең, мин – ҡош! Дүртенсе көн... Нимә булһа ла табып ашарға кәрәк. Юҡһа мин елберләп торам... Бүлмәнән тышҡа сыҡҡайным – үҙемде бик сәйер тойҙом. Яңы ғына тәпәй баҫҡан бала кеүекмен. Хатта көлөп ебәрҙем. Ҡояшҡа ла күҙ сағыла. Бөтә донъя яңырып киткән кеүек – ҡайындар, ҡарағайҙар яҙ һулышы менән һулай. Донъя шундай иркен. Шулай ҙа иркен донъя аяҡ кейемең тар булғанда күңелһеҙерәк икән. Эс шундай бушаған – салбар төшөп бара. Бүлмәгә инеп, ҡайышҡа тағы бер тишек арттырҙым да, емтек эҙләгән эт кеүек, сығып киттем. Ҡойроҡ ҡына етмәй икән был студентҡа! Тихоновтың дачаһына йүнәлдем. «Тетя Маруся, я очень есть хочу. Проголодался...» – Өйҙәге кеүек һөйләшәм. Тетя Маруся сигареттар ҙа табып бирҙе. Рәхәтләнеп тартып ебәрҙем. Бәхет! Хатта йырлағы килә. Ярай әле минең тормошомда һәр саҡ яҡшы сторожихалар, сторождар осрап тора. Астың хәлен туҡ белмәй, тиҙәр. Ә улар әйтмәһәң дә белә. Онотма! Онотма! Онотма! Был һүҙҙәрем ант булһын. Улар һине бик күп кәмһенеүҙән ҡотҡарҙы. Бына өс ай инде, ҡаяға беркетелгән Прометей кеүек, имтихандарға әҙерләнеп ғазапланам. Башҡаса былай бер ҡасан да рәхәтләнеп уҡырға тура килмәйәсәк. Тормошҡа уҡып тотонорға кәрәк. Бер кем дә минең биш йыл буйы студент булып йөрөүемдән көлөрлөк булмаһын» (25.03.55). Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар тыуып тормаһын, аҡсаһыҙлыҡ та, аслыҡ та Рәми Ғариповты төп маҡсатынан ситкә тайпылдыра алмай. Үҙенең хәлен ҡаяға бығаулап ҡуйылған Прометей хәленә оҡшатыуы ла бер ҙә баҫалҡыһыҙлыҡ булып күренмәй. Дәүерҙәр һәм сағыштырыр шәхестәрҙең дәүмәлдәре төрлө булһа ла, маҡсаттар ысынлап та оҡшаш. Зевс Прометейҙы кешеләргә яҡтылыҡ илткән өсөн язалай. Рәми ҙә халҡына яҡтылыҡ итергә, уға шиғри нур бөркәргә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә, уларҙың күңел күҙен нығыраҡ асырға хыяллана. Нисәмә тәүлектәр буйы асҡа ҡаҡланғанда ла, башын китаптан күтәрмәй. Ул ғорур йәшәргә өйрәнгән, юғары тотҡан башын яҡшы кешеләр һәм яҡшы китаптар алдында ғына эйә. Прометей образына килгәндә, төрлө Зевстарҙың Рәмиҙе хаҡ һүҙе өсөн ҡат-ҡат язалаясаҡтары алда әле. Ауырлыҡтар бергә еңелерәк үткәрелә. Уртаҡ маҡсаттар алға нығыраҡ әйҙәй, көслөрәк берләштерә. Яҡташтар бер-береһенә таяныс булырға тырыша. «Әсғәт (Әшрәпов) 50 һум аҡса ҡалдырған. Ярай төштө. Бындай саҡта 50 тине лә ҡәҙерле» (28.02.55). Рәмиҙең бөтөнләй стипендияһыҙ йөрөгән саҡтарында иптәштәре ярҙамдан өҙмәй. «Кисә ЦКШ-ла (Центральная комсомольская школа) Марат янында булдым. Йөҙ һум аҡсаһын ул тағы ла миңә бирҙе. Кешегә иғтибарлы. Кис мин Мараттан ҡайтҡас, Рафаэль, Шакир менән сәй эстек» (15.04.55). Бында тағы ла тигән һүҙгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Тимәк, Марат Кәримовтың Рәмигә аҡса бүлеүе тәүге ҡабат ҡына түгел. Шуныһын да беләйек: Марат биргән аҡсаны Рәми кеҫәһенә йомоп һалып ҡуймай, ҡәләмдәштәре менән күңелле итеп сәй табыны ойоштороп ебәрә. Ошондай көнкүреш деталдәрендә лә кемдең кемлеге беленә, дуҫлыҡ һынала. Тәүге курста уҡ үҙен һәләтле студент итеп танытҡан, йәмәғәт эштәрендә лә ваҡытын йәлләмәй ҡатнашҡан, Крылов стипендиаты булған Рәмиҙең һуңғы курстарға табан уҡыу хәлдәре ҡатмарлаша бара. Мәҫәлән, философиянан конспекттар булмаған өсөн зачет бирә алмауы нисектер сәйер. Сөнки көндәлектәрҙең айырым биттәре үҙҙәре үк конспект һымаҡ. Бынан тыш Рәмиҙең Мәскәүҙә уҡығандағы күпме дәфтәрҙәре, китаптарҙан күсерелгән яҙмалары һаҡланған. Ләкин юғарыраҡ курстарҙа ябай конспекттар ялҡыта башлай. Байтаҡ көндәрҙе институтҡа бармайынса, Ленин китапханаһында үткәрә, йәки ятаҡта, тәбиғәт ҡосағын үҙенең эш кабинеты итеп, күҙҙәре талғансы әллә күпме хеҙмәттәр уҡый. Уҡыу планы ҡушҡан буйынса ғына түгел, күберәк зиһене талап иткәнсә, күңел ихтыяжы буйынса уҡый. Үҫеш яҡшы студенттан өлгөргән шағирҙың формалашыуына табан бара. Ғилем менән ижад Рәми Ғариповтың рухи донъяһында бер ваҡытта ла бер-береһенә ҡаршы килмәне. Ләкин ижад һаман да үҙенә нығыраҡ тарта. Әҙәбиәт институтының программаһында күңелгә ятмаған ҡайһы бер фәндәр ҙә булғандыр, үҙ һүҙле Рәми уларға, бәлки, ҡул һелтәберәк тә ҡуйғандыр. Тәүге йыйынтығын әҙерләгәндә көнө-төнө шиғырҙар менән булып, бик күп лекцияларҙы ҡалдыра. Бының өсөн комсомол йыйылышында ҡаты ғына һелкеп алалар. Яңы комскомитет һайлағанда көнкүреш секторына Рәми урынына башҡа кешене индерәләр. Башҡа берәү былай ситләтеүҙе бәләкәй генә булһа ла фажиғә һымаҡ ҡабул итер ине. Рәми иһә: «Ниһайәт, ҡотолдом!» тип шатлана ғына. Рәсми сәйәсәттең ҡайһы бер стереотиптары офоғон ныҡ ҡоршаулаһа ла, хатта Бабичты, Есенинды аңлауҙа хәҡиҡәткә ныҡлап барып етә алмаһа ла, Рәмиҙең күп нәмәләргә күҙе асыла, ҡарашы үткерләнә. Хатта даһи Ленинды тәнҡитләүгә тиклем барып етә ул: «1905 йылда Ленин әҙәбиәттәге партиялылыҡ тураһында мәҡәләһе менән сығыш яһаны. Аполитичностҡа ҡаршы төшөп, бөтә әҙәбиәттең һәм сәнғәттең партиялылығын талап итте. «Ижади ирек» һәм «партияһыҙлыҡ» иллюзияларын тар-мар итте. Лениндың хатаһы – уның тик коммунистик партиялылыҡты ғына таныуында» (14.05.54). Ҡысҡырып әйтмәгән хәлдә лә былай тип дәфтәреңә яҙып ҡуйыу өсөн генә лә ҡыйыулыҡ, иң мөһиме – үҙ аллы фекереңдең үҫеп етеүе талап ителә ине ул замандарҙа. Һуңғы курстарға табан Рәмиҙең һәр дәрескә мотлаҡ йөрөүен талап итмәйенсә, уҡыуҙарға ирекле йөрөүен рөхсәт итергә лә мөмкин ине, әлбиттә. Быға ул һәр йәһәттән өлгөрөп еткәйне, үҙенең эрудицияһы буйынса ғына түгел, интеллектуаль, ижади үҫеш кимәле буйынса ла бик күп һабаҡташтарынан юғары тора ине. Ләкин ул саҡтағы уҡыу системаһы буйынса совет уҡыу йорттарында айырым һәләттәргә дәрестәргә ирекле йөрөү тураһында талап итеү түгел, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә мөмкин булманы. Баш бирмәҫ Рәмиҙең ғилем, ижад донъяһында үҙ юлы, эҙләнеүҙәрендә үҙаллылыҡ көсәйә, бындай «башбаштаҡлыҡтар» күнегелгән системаға ҡаршы килә. Был ҡаршылыҡ шағир күңелендә лә ауыр кисерештәр тыуҙыра. Институтта уҡыуҙың һуңғы йылы бара. Шатланырға ғына кәрәк. Ә Рәмиҙе күпме ауыр уйҙар солғап алған: «Үтә ваҡыт. Мин һаман да имтихан тапшырмай йөрөйөм. Хәҙер инде ҡышҡы сессия ла килеп етте. Стипендия түләмәйҙәр. Бер нисек тә тормошомдо әҙәм рәтле ойоштора алмам, ахыры. Нисек йәшәрмен мин киләсәктә? Ауыр миңә үҙ тәбиғәтемде еңеү. Шул тиклем мин китап кешеһе!.. Ысынлап та, мин атайыма оҡшағанмын. Ул да бит үҙенең эшенән башҡаны белмәгән. Фәйзи ағай уның һуғышта үлеп ҡалыуын үҙе тураһында уйлай белмәүенән, хәйләһеҙ булыуынан күрә. Миңә лә бит уның кеүек ғүмер буйы һалдат булаһы ғына ҡалған! Әҙәбиәтсе булыуы миңә бик ауыр буласаҡ. Миңә үҙ яҙмышын бәйләгән кеше ни тиклем түҙемле булырға тейеш» (31.10.54). Тәүге курстарҙағы отличник, һуңғы курста имтихандарын ваҡытында бирмәгән өсөн стипендияһыҙ яфа сиккән шағир. Ни тиклем ҙур айырма. Бер ҙә ҡыуанырлыҡ хәл түгел бит был. Ләкин төптәнерәк байҡаһаң, был айырмаға ул тиклем бошонорға ла кәрәкмәйҙер. Ҡайһылыр яҡтан артҡа китеү булып күренһә лә, төп йүнәлештә— тормош фәлсәфәһенең, ижад принциптарының нығыныуында Рәми үҫеш юлында. Ә инде әлеге болоҡһоу-уйланыуҙарында үҙенең киләсәген шағир нәҡ күрәҙәләрсә алдан әйтеп биргән һымаҡ: уны, үҙенең эшенән башҡаны белмәгән, үҙе тураһында ғына уйлай белмәгән хәйләһеҙ кешене ауыр әҙәбиәтсе яҙмышы көтә, ул үҙе лә, уның яҙмышына бәйле кешеләр ҙә ни тиклем түҙемле булырға тейеш! Был күрәҙәлектәрең буш һүҙ булып ҡына ҡалһа икән дә бит... Кешенең үҙенең киләсәге хаҡындағы фараз итеүҙәрендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ яҡтар күберәк тормошҡа ашыусан шул... 1955 йылда көндәлеккә яҙылған тәүге һөйләмдәр: «Тымыҡ Дон»ды уҡыйым. Элек уҡымаған өсөн үкенмәйем. Тик ваҡыт ҡына тар. Имтихандар... Институттағы һуңғы көндәр. Ә унан һуң?.. Күҙ күрер. Хәҙергә эштәр хөрт. Стипендия юҡ. Ә бурыстар ике меңдән ашып китте. Шулар йөрәкте өйкәп тора... Поселок осонда ғына аҫты йолҡонған бесән кәбәнен табып алып, уның аҫтында бик оҙаҡ ҡосаҡлашып торҙоҡ. Төн йылы һәм тын. Ваҡыт-ваҡыт эттәр өргән тауыш ишетелә, төнгө самолеттар геүләп уҙып китә. Кәбәндән хуш еҫ аңҡый. Надяның ҙур ҡара күҙҙәрендәге ялҡын томалана һәм оҙон ҡара керпектәре аша ҡомһоҙ ҡараған был күҙҙәрҙе мин ирендәрем менән ябам...» (13.01.55). Эштәрең бик үк хөрттән түгел дә инде, Рәми! Яңы ғына бөйөк «Тымыҡ Дон»ды кинәнеп уҡып ултырғанһың. Әле бына хуш еҫле кәбән аҫтында ҡайнар ҡыҙ менән ҡосаҡлашып тораһың. Ә нимә ул стипендия тигәндәре! Күбенә түҙелгәс, аҙына нисек тә түҙелер инде. Ике меңдән ашып киткән бурыстар ҙа ғүмер буйы елкәлә өйөлөп тормаҫ әле. Етеш саҡтар ҙа килер, аҡсалы ла булырһың. Тик был кәбәндең хуш еҫе таралып бөтөр, ҡуйыныңдағы ҙур ҡара күҙле ҡыҙ ҙа ғүмер буйы ҡосағыңда ялҡын бөркмәҫ. Был төн бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ. Үҙәктәрҙе өҙөп һағындырып иҫкә генә төшөр. Рәми Ғариповтың аҡсаһыҙ саҡтары күп булды. Ләкин уның китапһыҙ һәм мөхәббәтһеҙ саҡтары булдымы икән? Яҙмыш ниндәй генә кинәнес мәлдәре бүләк итһә лә, тормоштоң ҡәтғи ҡанундарынан ҡотолормон тимә. Февраль айында Әҙәбиәт институтының етәкселеге бик ҡаты киҫәтеү яһай: «Йә институттан сығарабыҙ, йә дүртенсе курсҡа төшөрәбеҙ, Ғарипов! Отличник булып килдең дә ҡапыл боҙолдоң. Кем ғәйепле? Мартҡа тиклем бөтәһен дә хәл ит!» Бик принципиаль талаптар ҡуялар. Тормошта ғәжәп хәлдәр була. Рәмиҙең яҙмышында, әйтерһең дә, интернат-мәктәптә 1950 йылғы сығарылыш имтихандары алдынан булған хәлдәр ҡабатлана. Ул саҡта ла мәктәптәге иң танылған уҡыусыларҙың береһенең – Рәми Ғариповтың иң яуаплы мәлдә – аттестат алырға торғанда уҡыуға яуапһыҙ ҡарауы, бөтә ваҡытын шиғырға бүлеүе тураһында мәктәп етәкселәре уның тәртибен тикшергәйне. Шул саҡ бөтә ихтыярын туплап, ул барыбер еңеп сыҡҡайны, бик күптәрҙе аптыратып, мәктәпте шатланып-ҡанатланып тамамлағайны. Рәми был юлы ла еңергә тейеш. Башҡаса һис кенә лә ярамай. Диплом эшенең нигеҙе әҙер – «Йүрүҙән» китабы. Башҡаларын да һайлап туплар. Тәржемәселәр юҡ икән, уларға инәлеп йөрөгәнсе, үҙе башҡарып сығыр. Ҡалған эштәрҙе бөтөрөрлөк тә көс табыр. Тик ҡайһы саҡта болоҡһоу йөрәкте шул тиклем ныҡ ҡыҫып ала, түҙеүҙәре ҡыйын. Һуңғы уҡыу йылында иң яҡын фекерҙәше Рафаэль Сафин менән аралары һыуынды. «Дуҫымдан туйыуым ғәжәп! Бына икенсе ай инде һөйләшә лә алмайым. Ниңә мин шулай? Хәҙер мин бөтөнләй яңғыҙ», – тип өҙгөләнә Рәми (10.02.55). Артабан мөнәсәбәттәр тағы ла нығыраҡ киҫкенләшә: «Рафаэль менән бөтөнләй ара өҙөлдө. Мин бер алйот кеүек алдандым. Мариятҡа мин үҙемдең саф мөхәббәтемде биреп алданһам, Рафаэль мине үҙенең меҫкен дуҫлығы менән алданы. Ғәрләндерә» (08.02.55). Дуҫтар араһында ниндәй аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡҡандыр, хәҙер атап ҡына әйтеүе мөмкин түгел. Ир-егеттәр дуҫлығы бик юғары талаптар ҡуя. Ә инде ижадсылар, бигерәк тә шағирҙар араһындағы дуҫлыҡ тиҙ йәрәхәтләнеп барыусан. Ыуалырға торған затлы һауыт һымаҡ ҡына бик һаҡ мөғәләмәне талап итә бындай дуҫлыҡтарҙың ҡайһы берҙәре. Шағирҙар дуҫлығының әллә ниндәй көслө дауыл-ғәрәсәттәрҙә лә һынатмай торған көслө үрнәктәре лә бар. Яҙмыштар төрлөсә булған һымаҡ, ижад кешеләренең дә дуҫлыҡтары төрлөсә. Йылдар үтеү менән дуҫлыҡтың да йәше үҙгәрә. Ундағы бер ҡатлылыҡ кәмей, һынсыллыҡ арта. Шағирҙың таланты нығына, шәхесе нығыраҡ асыла барған һайын ул башҡаларҙан нығыраҡ айырыла, билдәле дәрәжәлә хатта ситләшә. Берҙәм ағым булып ижад донъяһына килгән бер тиҫтерҙәр көслө төркөмдән һәр береһе айырым тармаҡҡа бүленә бара. Был – ижади мөхиттә була торған тәбиғи күренеш. Берҙәмлек, фекер уртаҡлығы, инанған маҡсаттар һаҡлана. Ләкин һәр шәхес ижады баҙыҡлана барған һайын үҙе бер донъяға әүерелә. Әгәр бер дәүерҙә ижадҡа килгән быуын бер-береһенән айырыла алмайынса олоғайғанса малайҙар һымаҡ етәкләшеп йөрөһә, был ғәйре тәбиғи хәл булыр ине, бындай зәғиф берҙәмлек әҙәбиәткә бер нәмә лә өҫтәй алмаҫ ине. Рәми менән Рафаэль араһындағы ҡайһы бер мәлдәрҙә араларҙың һыуынып алыуы, бәлки, шул «үҫеш ауырыуынан», һәр шағирҙың үҙ-үҙен нығыраҡ раҫларға тырышыуынан да килгәндер. Рәми Ғариповтың, уның ҡәләмдәштәренең, мәктәптәге һабаҡташтарының яҙмышындағы Мәскәү йылдары тураһында һөйләгәндә, ундағы бер яҡты төйәкте, изгелекле ҡатынды айырыуса хөрмәт һүҙҙәре менән иҫкә алырға кәрәк. Ул кеше – элекке уҡытыусы Нина Акимовна Шевкунова, һуғыш йылдарында Башҡортостанда Маҡар районында ҡыҙы Галя менән эвакуацияла булған. Әсғәт Әшрәповты шул ваҡыттан яҡшы белә, ауыр замандарҙағы ярҙамы өсөн башҡорт халҡына оло рәхмәттәр әйтә. Уларҙы ял һайын тиерлек үҙҙәренә саҡыра. Бында сәнғәтте яратҡан зыялылар йыйыла. Пушкин театрынан артистар, шәреҡ белгестәре, фабрика директоры ла бар. Америкала эмиграцияла булып ҡайтҡан еврейҙар инглизсә һөйләшәләр. Рәмиҙең йәштәше Галя уның йырҙарын нота буйынса роялдә уйнай. Күмәкләшеп музейҙарға йөрөйҙәр. Рәмиҙе улар шағир, литинститут студенты итеп күрәләр. Нина Акимовна ҙур тормош юлы үткән. Летчик ире һәләк булғас, һаңғыраулана башлаған. Авиация тормошон, Ҡырым тәбиғәтен, граждандар һуғышы осорон яҡшы белә. Рәмиҙең был рус ҡатыны тураһында әҫәр яҙғыһы килә. Уның өйөндә Башҡортостан егеттәре йыш булалар. Шатланып ҡаршы ала, һыйлай, рус шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡый. Ул хатта институтҡа Рәмигә буятылған йөн ойоҡ, бейәләй бәйләп килтерә, ҡулъяулығын алмаштыра. Уның әсә кеүек шулай хәстәрләүе студентты ныҡ тулҡынландыра. Рәми яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә ғәҙәтләнгән. Иптәштәренә, һабаҡташтарына, туғандарына тоғро. Берәй һәйбәт кеше менән танышһа, уның менән араны өҙмәҫкә тырыша. Хат аша булһа ла бәйләнеште дауам итә. Уның хаттары ижад донъяһын тағы ла тулыраҡ асыусы үҙенсә бер жанр ул. Күп нәмәләр тураһында улар документаль дөрөҫлөк менән һөйләй. Ҡайһы бер кешеләр менән хатлашыу шағир биографияһының мөһим бер өлөшөнә, уның яҙмышына әйләнә. Хатлашыуҙарҙың бик осраҡлы хәлдәрҙән башланғаны, ҡайнар мөнәсәбәттәргә әйләнгәндәре лә бар. * * * Бер заман Рәми татар календарында баҫылып сыҡҡан бер шиғырҙы бик оҡшата, шул турала үҙенең фекерен авторға яҙа ла ебәрә: Ҡаҙанға, пединститутҡа, Дилара Зөбәйероваға. Ләкин ҡыҙҙан яуап килмәй. Рәми быға бик борсолоп бармай. Был хәл онотолоп бөттө тигәндә, Рәми икенсе курста уҡып йөрөгәндә Диларанан хат килеп төшә. Рәми тиҙ генә яуап яҙып ебәрә. Һәм Ҡазан менән Мәскәү араһында хаттар йөрөй башлай. Бер ҡасан да күреп һөйләшмәгән ике йәш йөрәк нимәләр хаҡында ғына яҙышмай. Дилара һымаҡ үҙенсәлекле, алсаҡ күңелле ҡыҙҙы быға тиклем осратҡаным юҡ ине тип уйлай Рәми. Егет уның менән ысынлап мауыға башлаған һымаҡ. Дилара Мәскәүгә көндәлектәрен ебәрә, уны уҡыу Рәмиҙе ҡыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынайта. «Урмандан йырлап ҡайтам. Дилараға рәсемде ебәрҙем» (13.12.52) – тип яҙа Рәми. Шиғырҙар ҙа тыуа башлай. Шуларҙың береһе яңы йыл ҡотлауы булып яҙыла: ЯҢЫ ЙЫЛ ӘКИӘТЕ Яңы йылдың яңы шатлыҡтары, Яңы бәхет менән, Дилара! Ҡаршы алам уны һинең менән, Айырһа ла беҙҙе ил-ара. Күрмәһәм дә һине күҙем менән, Күңелем менән күрәм үҙеңде. Оҙаҡ-оҙаҡ күрмәй торған кеүек, Бик һағындым шаян һүҙеңде. Ҡайһы урамылыр ҙур Ҡаҙандың... Беҙ киләбеҙ ҡарға күмелеп. Ут нурында ҡарҙар күбәләктәй Һинең кеүек оса елпенеп. Кем белгән һуң алсаҡ урман ҡыҙын Осратыр тип улы тауҙарҙың? Йылдарҙың бер йылы! Рәхмәт һиңә, Юлыма һин шатлыҡ тыуҙырҙың! Татлы хыял булып һин йәшәйһең Йөрәгемдә минең, күҙ ҡарам. Бәхетем дә, шатлығым да минең, Диларам, һин минең Диларам... Сәләм менән Рәми. Мәскәү, 30 декабрь, 1952. Мөнәсәбәттәр бына шулай ҡайнарлана бара. «Бәхетем дә, шатлығым да минең» тиерлек булғас, «Диларам, һин минең Диларам!» тип өҙгөләнер хәлгә еткәс, тимәк, Рәмиҙең тойғолары ябайҙан түгел. Ләкин ул киләсәктә бының нимәгә килтерәсәге тураһында әлегә тәрәндән уйланып бармай. Ә Дилараның уйҙары башҡасараҡ булһа кәрәк. Әллә уйынлы, әллә ысынлы Ҡаҙанға саҡыра. Рәми унда китергә лә уйлап ҡуя. Ләкин Башҡортостан буйлап тәүге сәйәхәт уны нығыраҡ тарта. Ҡаҙанға бараһы урынға Әсғәт Әшрәпов менән райондарҙа йөрөп, фольклор йыялар. Хатлашыу барышында Дилара өсөн Таҡташтың улы художник Авандың да ҡәҙерле булыуын белә. Ләкин быға ҡарап ҡына аралары өҙөлмәй. Бер саҡ Диларанан бик сәйер хат килә. Ҡыҫҡа ғына, әммә бик ҡатмарлы кисерештәр менән яҙылған: «Рәми! Оҙаҡ яҙмауым өсөн ғәфү ит. Шулай кәрәк ине. Ой, Рәми, шундай насар пессимист мин. Ой, насар. Минең йәшәйһем килмәй. Тик Ватаныма хеҙмәт итмәй китеүем генә ауыр. Ә нәни ғүмерем аҙ ғына ла йәл түгел. Ә йәшәйһе килә. Ниндәй матур бит ул тормош. Рәми, хуш. Зоя тураһында яҙыуың бик, бик оҡшаны, шиғырың ғәжәп матур. 9 апрель 1953 йыл». Рәми оҙон ғына яуап хаты яҙа, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәңәш бирә, һүҙҙәренә хатта ышанып етмәүен әйтә. «Ихтыяр етмәүҙән генә әйтелгән фекер, дөрөҫөрәге, бер ҡысҡырыу ғына хатың», – ти ул. Рәмиҙең хатында бынан да ҡатыраҡ урындар бар. «Һиңә мораль уҡырға йыйынмайым», – тиһә лә, егеттең яуабында урынлы кәңәштәр байтаҡ булһа ла, Дилараның хәлен аңлап бөтөрмәгән һымаҡ. Ә бит ҡыҙҙың ҡыҫҡа ғына хаты бик аяныслы мәлдә яҙылғанға оҡшаған, өҙгөләнгән йәндең әрнеүле тауышы ишетелгәндәй. Кеше тайып китеп упҡынға осоп барғанда, таяныр, ҡотолор урын таба алмаған һымаҡ. Бындай хатты бик хисле генә йән эйәһе яҙырға мөмкин. Еңелдән түгелдер Дилараның яҙмышҡайы... Рәмиҙең барыбер Ҡазанда булғыһы, бер генә ҡабат булһа ла Дилараны күргеһе килә: «Бына имтихандарҙы бөткәс, Ленинградҡа барып киләм дә пароходта Ҡазан аша ҡайтырға ниәт итәм. Һине күрергә тейешмен, әгәр ҙә был һине ҡурҡытмаһа? Ҡазанда мин өс көнгә генә туҡталам... Әгәр ҙә мөмкин булһа, һин миңә Туҡайҙың, Таҡташтың ҡәберен күрһәтерһең, үҙең яратҡан урындарға алып барырһың. Теләмәһәң, мин үҙем генә ҡарармын да, һин йөрөгән урамдарҙы, һин яратҡан урындарҙы күрермен дә юлымды дауам итермен». 4 июндә яҙған хатында Рәми бына шундай сәфәр тураһында уйлана. Барыһы ла тәбиғи уй-теләктәр. Ләкин хаттың артабан ошолай тип дауам ителеүе бер ҙә тәбиғи түгел: «Әгәр осрашһаҡ, һин миңә шиғыр яҙып маташыусы итеп ҡарама. Һәм бер ни ҙә һорашма. Хәҙер мин шиғырҙар яҙа алмайым. Бөтә йөрәктән кисереп яҙған һуңғы шиғырым да һиңә булды. Инде хәҙер минең әйберҙәрҙе уҡырға тура килмәҫ». Шиғырҙарҙан һыуыныуын Рафаэлгә һөйләгәс, уныһы ғәжәпләнеп: «Был һинең ваҡытлы ғына күңелһеҙләнеүең», – тип йыуата. Шуға иғтибар итмәй мөмкин түгел. Дилараға хат яҙған көндө Рәми Чернышевскийҙың Тургенев тураһындағы мәҡәләһен урындары менән күсерә-күсерә уҡып сыға, аҙаҡтан ошондай һығымтаға килә: «Йәшәү ни тиклем ауыр! Йәшәү ни тиклем ғазаплы! Ләкин мин йәшәү яҡлы. Йәшәүҙе генә һөйәм мин. Уны хыянатһыҙ һөйөргә тейешмен». Туҡта әле, Рәмиҙең был уйҙары кемдең яңы ғына уҡылған тынғыһыҙ кисерештәрен хәтерләтә һуң? Кемдекен булһын, Дилара Зөбәйерованыҡын бит! Апрелдәге хатында ул: «Ой, Рәми, шундай насар пессимист мин... Минең йәшәйһем килмәй... Ә йәшәйһе килә. Ниндәй матур бит ул тормош», – тип яҙғайны бит. Тормош матурлығына һоҡланып, әле йәшәгеһе килмәгән, әле йәшәргә тип тырышҡан бик ауыр мәлендә яҙғайны. Әлеге уйланыуҙарында Рәми ҙә: «Беләм: миңә бик, бик ауыр буласаҡ!» – тигән бик киҫкен һүҙҙәр әйтә бит. Ентекләп сағыштырып тороу ҙа кәрәкмәй: Дилараның да, Рәмиҙең дә йөрәк тибештәре, уй-кисерештәре ни тиклем тап килгәне асыҡ тойолоп тора! Һөйөргә, һөйөлөргә, фекерләшергә, яҡшылыҡты, яҡтылыҡты яратырға яратылған йәндәр. Яҙмыш уларҙы барыбер хаттар аша булһа ла осраштырған. Был икәүҙең мөнәсәбәтен традиция буйынса донъялағы «мең дә беренсе почта романы» тип тә исемләргә мөмкин булыр ине. Бер-береһенең рухи булмышын, йыуаныс-көйөнөстәрен меңәр саҡрымдар аша һиҙгер тойоп та, йәндәре ҡауышырға уҡталып та бер-береһен күрергә насип булмаған күпме кешеләрҙең яҙмыштары почта романы булып ҡына тамамлана. Рәми менән Дилараға күрешергә насип була. Ләкин Мәскәүҙән килеп төшкән Рәми өсөн осрашыу башта әллә ни ҙур шатлыҡтар алып килмәй. Ҡазанда юрислыҡҡа уҡып йөрөгән Хәкимйән Зариповҡа яҙған хатында тәүге тәьҫораттары тураһында ул былай ти: «Йәшермәйем, ул беренсе күреүҙә миңә оҡшаманы... Миңә Ҡазанда үткәргән өс көн ғәҙәттән тыш күңелһеҙ булды. Ләкин мин Дилараны ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күреүҙә бик яңылышҡанмын. Һуңғы көндә, элек мин уны нисек күҙ алдына килтергән булһам, шулай күрҙем һәм бик ғәжәпкә ҡалдым. Кешеләрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм тәрән, төрлө-төрлө булыуына тағы ла бер ҡат ышандым. Бигерәк тә ижад кешеһенең... Татарстанда һәм беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙ араһында уның кеүек яҙған кешеләрҙе әле күрмәнем. Ул ғәжәп матур әҫәрҙәр яҙасаҡ кеше» (17.12.53). Ниндәй юғары баһа, ҙур өмөттәр. Дилараның шиғырҙарын уҡып, Рәми бөтә йөрәктән шатлана, уны бик һирәк осрай торған нескә күңелле шағирә тип, ижадын ныҡ ололай. Ноябрь айында «Совет Башҡортостаны» газетаһында Рәми Ғариповтың Дилараға арналған лирик шиғырҙары баҫыла. Дилараның уға яҙған һуңғы йырын Рәми «Аҡҡош кеүек йөҙәһең һин» тигән шиғырына индереп ебәрә. Бына ул йыр: Әгәр таң йондоҙо булһам, Таң һайын ҡалҡыр инем. Асыҡ тәҙрәңдән һине Ҡарап йоҡлатыр инем. Һандуғас булһам, иртәһен Һайрап уятыр инем. Ел булһам, иҫеп, ҡайғыңдың Барыһын таратыр инем. Был юлдарҙа Рәми халыҡ йырҙары менән ҙур яҡынлыҡ күрә, бигерәк тә шуның өсөн оҡшата. Бөгөн башҡорт, татар әҙәбиәттәрендә яңы шағир йәки әҙибәнең әҫәрҙәре күренеү яңы автор, яңы исем менән осрашыу һымаҡ ғәҙәти ҡабул ителә. Иң мөһиме – ул талантлы булһын, яҙғандары уҡыусыларҙы ҡыуандырһын. Уның ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ булыуы төп мәсьәлә түгел. Төп талап – әҙәби сифатта. Илленсе йылдарҙа иһә ижад донъяһына ҡатын-ҡыҙҙың килеүе башҡорт, татар уҡыусылары өсөн ғәжәп хәл, хатта үҙенсә сенсация була торғайны. Рус әҙәбиәте бындай хәлдәрҙе егерменсе быуат башында уҡ үткәйне инде. Анна Ахматова, Марина Цветаева һымаҡ оло таланттар, башҡа байтаҡ әҙибәләр һәм шағирәләр рус уҡыусыһына күптән яҡын ине, әҙәбиәттең мөһим ҡаҙаныштарын билдәләй ине. Башҡорт әҙәбиәтендә утыҙынсы йылдарҙа таланты балҡып асылған Һәҙиә Дәүләтшина был осорҙа тыйылғайны, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғоловалар әле тәүге ижад аҙымдарын яһай ине. Зәйнәп Биишева шағирә һәм әҙибә булараҡ танылыу яулағайны, асылда ул беҙҙең әҙәбиәттә ижад итеүсе берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ине. Алтмышынсы йылдарҙан башлап улар әҙәбиәткә ҡыйыуыраҡ килә башланы һәм хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ижади көстәрҙең ҙур бер өлөшөн тәшкил итә. Был ҡуҙғалышҡа илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында Һәҙиә Дәүләтшинаның атаҡлы романының донъя күреүе, халыҡтың иң яратҡан китабына әйләнеүе, артабан Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы менән башланған трилогияһының уҡыусыларҙа ҙур һөйөү яулауы, был ике яҙыусының романдарының рус телендә ҡат-ҡат баҫылып, бөтә ил күләмендә абруй яулауы ла сәбәп булмай ҡалмағандыр. Әҙәбиәттең үҫеш кимәле, уҡыусыларға тәьҫир көсө, шул уҡ ваҡытта тотош милләттең белем, интеллектуаль, эстетик кимәленең 20-30-сы йылдар менән сағыштырғанда ныҡ күтәрелеүе ҡатын-ҡыҙҙарҙа күпме замандар тупланып килгән ижад потенциалына юл ярҙы, әҙәбиәттә яңы күренеш тыуҙырҙы. Был үҙенсәлекле яңылыҡтың көсәйеүенә ҡатын-ҡыҙ журналдарының – Башҡортостанда 1968 йылда ойошторолған «Башҡортостан ҡыҙы»ның, Татарстанда күптән сығып килгән «Азат ҡатын»дың ярҙамы бик ҙур булды, әлбиттә. Рәми Ғарипов яңы журналды юҡтан бар итеүгә, халыҡҡа таратыуға яуаплы сәркәтип булараҡ титаник көс һалды, шағирәләрҙең шәлкемдәрен әҙерләне. Әлегә күбеһе билдәһеҙ күпме шағирәләрҙең таланты «Башҡортостан ҡыҙы» журналы аша танылыу тапты. Дилара Зөбәйерова иһә байтаҡ ваҡыт «Азат ҡатын»да эшләне үҙенең ижадынан бигерәк башҡаларҙың ижадын хәстәрләп йәшәне. Тимәк, Дилара менән Рәмиҙе берләштерә торған сифаттар аҙ түгел. Киләсәктәге эш вазифалары, хәстәрҙәре лә оҡшаш буласаҡ. Әлегә иһә йәшенле ямғырлы көн. Ҡазан пристане. Икеһенең дә күңеле бойоҡ. Рәми был ҡалала алған тәьҫораттарҙы тағы күҙ алдынан үткәрә. Туҡай ҡәберенә баш эйеп торғанын ғүмерҙә онота алмаясаҡ. Бөйөк шағирға арналасаҡ шиғыр күңелдә ярала башлаған һымаҡ. Туҡайҙың китаптарын, уның тормошо тураһында яҙылғандарҙы илап уҡыған саҡтары әле лә иҫтә. Бында ла шағир ҡәбере янында уның ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ни тиклем йәберләүҙәр күргәнен уйлап, Рәмиҙең күҙҙәренә йәштәр эркелде. «Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!» – Туҡайға арналған шиғырын шулай тамамлағыһы килә. Күпме шағирҙарҙың тере сағында ҡәҙерен белмәйенсә, ҡәбере янында маҡтау һүҙҙәре һөйләйҙәр, хатта күҙ йәштәрен тамыҙалар. Ошоға оҡшаш ғәҙелһеҙлектәрҙең үҙенең дә башынан үтерен Рәми әле ҡайҙан ғына белһен?.. Дилараға хушлашҡанда әйтер һүҙҙәр таба алмай аптырай. Нисек тә йылы ғына, кешеләрсә айырылышырға ине. Нисек тә уның күңелендә юшҡын ҡалдырмаҫҡа ине. Уның хаҡында элек яҙған шиғырының ҡайһы бер юлдары тел осонан ысҡынам тип тик тора: Юҡ, Дилара, мин бит һис тә һиңә Ул бәхетте тәҡдим итмәйем. Ышанмайым юлдар ҡауышыуға, Бергә булыуҙы ла көтмәйем... ...Әллә һин тик тиле хыялымдың Ваҡытлыса килгән емеше? Әллә мәңге янып ҡала торған Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө? Әллә дуҫлыҡ, әллә мөхәббәт? Тик килһәң һин минең күҙ алдыма, Миңә яҡшы, миңә гел рәхәт... Был юлдарҙы онотмағандыр бит инде Дилара. Бәлки, ҡабатлап уҡырғалыр? Юҡ, уҡымаясаҡ. Ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ матур һүҙҙәр табырға ине! Хушлашыр минуттар ҙа етеп килә. Йәшенле ямғырға ҡушылып, талғын ғына моңһоу йыр ағыла. Күңел тулыша. Киң Иҙел өҫтөндә Рәмиҙең яратҡан йыры «Иҙел» тын ғына ишетелә: Иҙел бит ул, Иҙел бит ул, Иҙел бит ул, киң бит ул. Иҙел өҫтәрендә йөҙгән Аҡҡоштарға тиң бит ул. — Быны бит һинең хаҡыңда йырлайҙар, Дилара! – ти Рәми, ҡыҙҙың эйелгән башын күтәрергә тырышып. Ҡыҙ бөтөнләй тынып ҡалған. Ә йыр дауам итә, үҙе талғын ғына булһа ла, бәғерҙәрҙе телеп бара: Иҙел бит ул, Иҙел бит ул, Иҙел бит ул, киң бит ул. Ҡараңғы төн, ямғырлы төн Беҙ айырылған төн бит ул. Дилара башын күтәреп Рәмиҙең күҙенә текләп ҡарай. Ишетелер-ишетелмәҫ әйтә: — Баяғы һүҙҙәр минең турала түгел ине. Ә бына әле тыңлаған һүҙҙәр, моғайын, беҙҙең хаҡталыр ул, Рәми! Шул тиклем тап килеүен әйт әле: Ҡараңғы төн, ямғырлы төн Беҙ айырылған төн бит ул. Пристандә ҡул болғап ҡалған Дилара ғүмерҙә онотолмаҫ бер татлы төш һымаҡ ҡына алыҫта иреп юғалғанда палубала таянып торған Рәми ниҙәр генә кисермәгән тиһең. Бәлки, ҡыҙ алдында нисек тә тыйып торған йәштәре түгелеп төшкәндер. Дилараны уйлап, элек илаған сағын, бәлки, иҫенә төшөргәндер. Дилараның тормош юлы ҡатмарлы. «Ул бала сағында әсәһе менән бергә төрмәлә лә ултырған булһа кәрәк», ти Рәми үҙенең Хәкимйән Зариповҡа яҙған хатында. Ә уға тиклем көндәлеккә: «Әсәнең Растиньякка яҙған хатын уҡып, Дилараның әсә хаҡындағы фекерен уйлап, үкереп иланым» тигән һүҙҙәр яҙыла. Күҙ йәшен кешеләргә күрһәтмәһә лә, Рәми күҙе тулған саҡтарын үҙе генә белә: «Бүлмәлә үҙем генә уйланып ята инем, Алгис килеп инде. «По-прежнему у тебя много книг, по-прежнему ладонь крепкая», – тине ул көлөп. Ул ҡапыл килеп керҙе, хатта мин күҙ йәштәремде лә һөртөргә өлгөрмәй ҡалдым» (31.01.54). Ә инде Ҡаҙандың күҙҙән юғалғанын, йәшен ялтлағанда бөтә Иҙел өҫтәре балҡып киткәнен палубала бер яңғыҙы ҡарап барған Рәми, Дилара менән яңы ғына хушлашһа ла, уны ныҡ юҡһынғандыр. Уға булған мөнәсәбәтен «Әллә дуҫлыҡ, әллә мөхәббәт» тиһә лә, тойғолары дуҫлыҡ менән генә сикләнмәгән, әлбиттә. Юғиһә ул «Бөтә мөхәббәт шиғырҙары ла Марият менән Дилараға арналған», – тип яҙмаҫ ине (17.04.54). Мөхәббәт шиғырҙары йыш ҡына шағирҙың янындағы ҡәҙерле кешеһен һөйөүе генә түгел, әллә ҡайҙарға хыял донъяһында ҡанат елпеп осоп йөрөгән идеаль фәрештәне эҙләү, күрмәйенсә үк шуны һағынып яратыу ҙа ул. 1951 йылда «Москва» ҡунаҡханаһында бик ихлас әңгәмә ваҡытында һөйөү хаҡында һөйләшкәндә Мостай Кәримдең: «Беҙ бит шундай кешеләр: үҙебеҙ тыуҙырабыҙ ҙа үҙебеҙ һөйәбеҙ», – тигән һүҙҙәре Рәмигә ныҡ тәьҫир итә һәм «Мин үҙемдең генә был урында яңғыҙ булмауымды беренсе тапҡыр аңланым», – тип уйлап ҡуя. Рәми Ғарипов бик ныҡ өҙөлөп һөйгәндә лә тағы ла юғарыраҡ камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла. Әле йөрәген яндырған тойғоға тағы ла әллә ниндәй аңлашылмаған сарсау, талпыныу, болоҡһоу ҡушыла. Шағирҙарҙың ҡайһы бер мөхәббәт шиғырҙарында бер нисә мөхәббәт бергә ҡушыла, уларҙың иң матур сифаттарын йыйып, шағир үҙе хыялланған образды тыуҙырырға теләй. Рәми Ғариповтың «Барһын!..» шиғыры бына шундай миҫалдарҙың береһе: Ҡайҙалыр һин, бына минең кеүек, Хыялланып ҡайтып киләһең. Күрәм һине, күрәм күңелем менән: Йә йырлайһың, йә һин көләһең. Ғәжәп бер моң һинең тауышыңда, Ә күҙеңдән ялҡын һирпелә! Белһәмсе мин ни килгәнен хәҙер Татлы уйҙарыңдың иркенә. Әллә йәшәлмәгән көндәребеҙ Күҙ алдыңдан һинең уҙамы? Әллә тәүге малайыбыҙ беҙҙең Кескәй ҡулын һиңә һуҙамы? Һуҙһын әйҙә, һуҙһын кескәй ҡулын, Ул миңә лә һуҙған береһен. Ул һиңә лә әле башланмаған Уртаҡ бәхет булып йөрөһөн!.. Тик белмәйем, ҡасан ҡауышырбыҙ? Бәлки, һин бөтөнләй юҡтырһың? Ә мин бик ышанам барлығыңа... Барһың! Аҡыллыһың! Матурһың! Мөхәббәт осрашыуҙар менән айырылышыуҙан, өмөттәр менән төшөнкөлөктән, осоштар менән ҡыйралыштарҙан, балҡыш менән һүнеүҙәрҙән тора. 1954 йылдың сентябрендә һеңлеһе Мөршиҙә ауылдаштары Мәүлиҙәнең үлеүе хаҡында яҙа. Рәмиҙең тәүге шиғырҙарын яҙҙырған Мәүлиҙәнең әле йәшлек башланғанда ғына яҡты донъяларҙан китеүен Рәми бик ауыр кисерә. «Юғалған эҙҙәр» шиғыры шул саҡтағы йөрәк һыҙланыуҙарынан тыуған булырға тейеш: Ниндәй еңел булған ул саҡ миңә Һинең менән бергә булыуы! Тормош хәҙер үҙе килеп баҫҡас, Юғалттым мин һине, һылыуым!.. Бер йылдан һуң яҙылған шиғырҙа шағир тағы ла сабый мөхәббәтен, аҙаҡ Рәмиҙең һөйөү хаҡындағы юлдары барыһы ла уның хаҡында тип уйлаған эскерһеҙ Мәүлиҙәне хәтерләй. Ә Марият тоҡандырған ут күңелдә һаман да һүрелмәй. Мәктәп менән хушлашҡанда Марият менән дә ғүмерлеккә хушлашҡан кеүек булғайны. Ләкин ул уттар Мәскәүгә килгәс тә Һүнмәгән икән. «Ә Марият һаман ғазаплай. Уны уйлау ҡурҡыныс та, рәхәт тә» – бындай кисерештәр бер онотолоп тора, берсә яңынан тоҡана. «Күңел боҙланған. Ҡот осҡос һалҡынлыҡ. Кем һуң иретә алыр уны? Мариятмы? Юҡ, ышанмайым» (27.12.53). Бер нисә көндән һуң: «Марияттың хаты бик шатландырҙы мине. Марият! Марият! Миңә бөтә донъя яҡтырып киткән кеүек булды» (6.01.54); «Төнө буйы йоҡлай алманым. Марият күҙ алдымдан китмәне» (7.01.54). Тағы ла бер нисә көндән: «Һин берҙән-бер өмөтөм минең, Марият!» (20.01.54). Бер көн үткәс: «Марияттың тыуған көнө бөгөн. Кисә уға ике шиғыр яҙҙым» (22.01.54). Көндәлектә теркәлгән ошо юлдарҙан ғына ла Рәмиҙең Мариятты һаман да онота алмауын күреп була. Мәскәүҙән ҡайтҡанда ла, Өфөнән киткәндә лә, Ағиҙел күперен үткән саҡта ул һәр ваҡыт 1950 йылдың апрелендәге мәхшәрҙәрҙе иҫкә ала. Тәндәре сымырлап китә. Ошондай ғазаптар кисереп тә, һөйөүенә ихлас күңелдән ысын яуап таба алмауына, ләкин һаман да шул кешегә, хатта башҡа ҡыҙҙарға ҡайһы саҡта етди генә тойғолар тыуған саҡта ла, тоғро ҡалыуына үҙе лә аптырай: «Ләкин мин әле өмөт өҙгәнем юҡ. Ул өмөт инде һигеҙ йыл буйы йәшәй. Унан айырылыу миңә бик ауыр. Һаман да уға ышанғым килә. Ә ваҡыт көтөп тормай. Етмәһә, мин оҙаҡ йәшәй ҙә алмам... Оноторға теләгәндә лә, уны онота алмам инде. Минең иң яҡты тойғоларым, хыялдарым яуапһыҙ ҡалһа ла, ул һәр саҡ йөрәктә утлы миң булып ҡалыр» (11.04.54). Быларҙы бит мәктәп уҡыусыһы түгел, ә егерме өсөнсө йәше менән барған егет яҙа. Шулай булғас, тойғолар ныҡ ҡына һыналған булырға тейеш. Рәми үҙе лә һигеҙ йыл тураһында әйтә. Был оҙаҡ арала аҙмы тормош тәжрибәһе тупланған, күп нәмәләргә реалерәк ҡарарға өйрәнелгән. Ләкин Рәми Ғариповтың романтиклығы һаман да һаҡлана. «Әсәм ҡулдары» һымаҡ бик тормошсан шиғырҙар яҙыла башлаһа ла, ғашиҡ саҡтарында хыялыйға әйләнә. «Барлыҡ мөхәббәт шиғырҙарым Марият менән Дилараға арналған» тиһә лә, Мәскәү осоронда ундай әҫәрҙәр әллә ни күп яҙылмаған. Байтаҡ шағирҙарҙың ижадында шундай бер уртаҡ оҡшашлыҡты күҙәтергә мөмкин: уларҙың тәүге һөйөүҙәре хаҡында шиғырҙары ғәҙәттә аҙ була. Тойғоларҙың үтә ҡайнар сағы, баштарҙың бөтөнләй әйләнгән ваҡыттары, әммә шағир әлегә уларҙы көслө образлы һүҙҙәр менән аңлата алмай. Ундай әҫәрҙәр бөтөнләй яҙылмай түгел. Әҙәбиәт тарихына инеп ҡалырлыҡтары ла бар. Ихлас йәшлек мөхәббәте асылда гүзәл поэмаларға лайыҡ булһа ла, бындай аҫыл әҫәрҙәр күпселектә ваҡыт арауығы үткәс кенә яҙыла. Автор иртә йәшлек йылдарына яңынан ҡайтып, уларҙы яңынан кисереп, барлап, тәжрибәле ҡарашы менән яңынан баһалай, ваҡыт һынауы аша нығыраҡ ҡәҙерләй. Шиғри оҫталыҡҡа ирешеү өсөн генә түгел, үҙ мөхәббәтеңде аңлау, баһалау өсөн дә тормош тәжрибәһе кәрәк, аҡыл һәм тойғолар мәктәбен үтергә, ҡат-ҡат янырға, сынығырға кәрәк. Шулай ҙа Рәми Ғариповтың тәүге иң көслө мөхәббәт шиғырҙары Мариятҡа арналған. Шуныһы ғәжәп: был ҡыҙҙы тәүге күреүгә, шул күреүҙән үк йөрәктә урын алыуына ете-һигеҙ йыл үткәс яҙылған. Шуларҙың иң көслөһө – «Тәүге һөйөү». Шиғырҙың һуңғы строфаһындағы юлдар Рәмиҙең яҙмышына ғына түгел, барлыҡ башҡорт мөхәббәт лирикаһына юйылмаҫ нурлы тамға булып уйылды: Юҡһынырмын, һағынырмын һине, Бәлки, башҡа берәү тиң булыр... Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең Йөрәгемдә утлы миң булыр. Донъяла ҡайнар һөйөүҙәр бихисап, утлы миң булып көйҙөргәндәре лә етерлек, ә бына шул мөхәббәттәр хаҡында шиғриәт биттәренә мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ шиғырҙар йыш яҙылмай. Ләкин шағир йөрәге ниндәйҙер мөһим үҙгәрештәрҙең килерен, нисәмә йылдар йырлатҡан да, илатҡан да ҡәҙерле образ менән ғүмерлеккә айырылыр ваҡыттарҙың яҡынайғанын һиҙгер тоя. Образ тигән һүҙ бында ерле юҡтан килеп инмәне. Һуңғы биш йылда бик һирәк күрешеп, онотҡанда бер тигәндәй хаттар аша ғына аралашып йәшәүҙәр Рәми өсөн Мариятты тере кешенән ниндәйҙер алыҫ һәм яҡын образға әйләндермәнеме икән? Йәнле кеше үҙгәрһә лә, изге образдар күңелдә изге көйө һаҡлана бит. Кеше менән юлдар айырылышып китһә лә, уның образы хәтерҙән юйылмай. Ҡәҙерле кешеңдең үҙен генә түгел, хатта образын да юғалтыуы ауыр. Хыялымда яңғыҙ елкән булып, Сайҡалаһың йылдар буйына. Йә һис юғалмайһың үҙең унан, Йә бирмәйһең тынғы уйыма. Әллә һин аҙашып индең уға, Әллә индең мәңге ҡалырға? Ниңә шулай онотмайым һине? Ниңә шулай һаман янырға? Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу. Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау, Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу... Марият хаҡындағы был һағышлы юлдар 1955 йылда яҙылған. Шағирҙың уға әрнеп әйтелгән, бәлки, һуңғы йөрәк һүҙҙәрелер... * * * «Ах, был 55-се йыл! Ниндәй ауыр йыл һин миңә!» – тип, тәрән көрһөнөп ҡуйғайны Рәми (6.04.55). Ауыр саҡтары ла аҙ булманы булыуын. Ләкин тормошонда ни тиклем ҙур үҙгәрештәр тыуҙырған, яҙмышындағы тотош бер дәүерҙе ниндәй тарихи ваҡиғалар менән йомғаҡлап, йәшәүенең һәм ижадының яңы осорон башлап ебәргән йыл бит ул 1955 йыл! Яҙыусыларҙың Переделкинолағы ижад йортондағы дачаларҙа-ятаҡтарҙа йәшәүсе Әҙәбиәт институты студенттары бындағы йәштәр менән аралашып йәшәйҙәр. Бергә уйындарға, киноларға йөрөйҙәр. Бергә күңел асалар. Байтаҡ студенттар бындағы һылыуҙарға ғашиҡ булалар. Ҡыҙҙар өсөн урындағы егеттәр менән яғалашып алған саҡтар ҙа булғылай. Әҙәбиәт институты студенты менән Переделкино ҡыҙының мөхәббәтенән тыуған туйҙар ҙа ғәҙәттән тыш хәл түгел бында. Ундай ғаиләләрҙең тыуыуына һис тә ғәжәпләнмәйҙәр. 1953 йылдың йәйендә Рәми Тоня исемле ҡыҙ менән осрашып йөрөй. Был мауығыу бик оҙаҡҡа бармаған, күрәһең. Гәрсә икеһенең дә бер-береһенә мөнәсәбәттәре эҫерә барған һымаҡ. Әле уларҙың ҡапыл тоҡанып, ҡапыл һүнгән тойғолары тураһында һөйләгәндә Рәмиҙең Тоня хаҡында яҙған ошо юлдарына нығыраҡ иғтибар итке килә: «Нимәһе менән ул миңә яҡын? Мин бит уның менән бергә булыу тураһында уйламайым. Һис бер уйһыҙ, борсолоуһыҙ яратам уны. Яратам мин рустарҙы. Үҙемдә әллә рус ҡаны булғанғамы? Юҡ, мин үҙемде тик башҡорт ҡына итеп тоям. Ләкин рус кешеһе алдында миңә һәр саҡ рәхәт. Донъяла иң ышаныслы, ябай, көслө, аҡыллы һәм киң күңелле кешеләр – рустар. Мин уларҙы үҙемдең бәләкәй генә тормошомдан сығып ҡына түгел, ә рус фекеренең ҙур тарихынан, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт тарихынан сығып күрәм» (7.06.53). Мәскәүгә киткәндә-ҡайтҡанда станцияла йәки вагонда Рәми йыш ҡына ҙур ҡара күҙле, оҙон керпекле бер ҡыҙҙы осрата башлай. Ҡараш ташлап үтеүҙән иҫәнләшеп йөрөүгә күсәләр. 1954 йылдың 31 ғинуарында Рәми уны Мәскәүгә театрға саҡыра. Поезда осратҡан ерҙән ирекһеҙләп тигәндәй «Сорочинская ярмарка» тигән спектаклгә алып китә. Ҡыҙ башта ҡарышһа ла, тамаша уға бик оҡшай. Күңеленә сабый саҡтан яҡын мөхит, туған украин моңдары нисек оҡшамаһын? Переделкинола йәшәүсе Надя менән Рәми ошо кистән һуң йышыраҡ күрешә башлайҙар. Уларҙың яҙмыштарында – һуғыш балаларының кисергәндәрендә уртаҡлыҡтар бик күп булып сыға. Надежда Васильевна Друмдың бала сағы Украинала Днепропетровск ҡалаһында үтә. Унан һуң Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Баш ҡалала улар йәшәгән урында яңы йорт төҙөргә булғастары, күсергә тәҡдим ителгән урындарҙан ғаилә башлығы Переделкиноны һайлай, бында матур итеп йорт һала. Был юғары белемле уңған инженер Мәскәүгә немецтар бомба ташлағанда һәләк була. Ауырыу ғына Валентина Степановна өс бала менән тол ҡала. Шул көндәрҙән һуң Надяға күп михнәттәр юлын үтергә тура килә. Ульяновск әлкәһендә балалар йорто, ул саҡтарҙа күптәрҙең йөрәген өшөткән ФЗО, унан һуң Мәскәүҙәге тегеү фабрикаһы. Надяның эштә уңғанлығын, тырышлығын күреп, бер аҙҙан уны өйрәтеүсе-тәрбиәсе итеп ҡуялар. Надеждаға тәбиғәт моңло тауыш, әҙәбиәткә һөйөү биргән. Үҙе эшләгән фабрикала ул украин халҡының «Стоит гора высокая» тигән классик йырын бик илһамланып башҡарғас, шул концерттағы профессиональ музыкант: «Һин бик ҙур йырсы булырға тейешһең», – тип, юғары баһа бирә. Сәхнәлә ул матур итеп шиғырҙар ҙа һөйләй. Моңло тауыш ҡыҙға, моғайын, әсәһенән бирелгәндер. Валентина Степановна украин йырҙарын йырлағанда моңо йөрәктәргә үтеп инә. Рәми Надяны поезда осратҡанда ҡыҙҙың ҡулында йыш ҡына китап була. Тик белемен үҫтерергә генә мөмкинлеге юҡ: һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар урта мәктәпте тамамлап сығырға ла өлгөрмәҫтән эшкә егә. «Беләһеңме, Рәми, минең шул тиклем уҡығым килә!» – ти ул йыш ҡына. Егет тә: «Уҡырға кәрәк!» – тип дәртләндерһә лә, эштән китеп, кемдең ярҙамы менән белем алаһың? Мәскәүгә йөрөп эшләү киске мәктәпкә ваҡыт ҡалдырмай. Надяның тағы ла йыш ҡабатларға яратҡан һорауҙары: «Ниңә, Рәми, шулай һәр саҡ йылмаяһың икән?» йәки «Ниңә өндәшмәйһең, ниңә уйҙарыңды әйтмәйһең?» Шиғырҙар уҡыуын һорай. Русса тәржемәләр юҡ, ә ҡыҙ башҡортса бер һүҙ ҙә аңламай. Шиғырҙың йөкмәткеһен һөйләү Рәмигә бөтөнләй мәғәнәһеҙлек булып күренә. Шуларҙы аңлатҡас, ҡыҙ уйға ҡала. Егеттең йөҙөнән һаман йылмайыу китмәй. Переделкино тирәһендәге сихри бәҫкә күмелгән ҡышҡы урмандар, яҙ еҫе аңҡып торған төндәр, йылға буйындағы йылы томанлы кистәр... Егет менән ҡыҙ бер-береһенә нығыраҡ тартыла. «Надя менән урман буйлап оҙаҡ һөйләшеп, йырлашып йөрөнөк. Надя матур йырлай. Ә мин, көйләп, һыҙғырам ғына. Һандуғас булып һайрайым, кәкүк булып саҡырам, ул рәхәтләнеп көлә. Етәкләшеп тә, ҡултыҡлашып та, ҡосаҡлашып та йөрөйбөҙ... Ай урағы ҡалынайып килә. Теге төндә ул ҡып-ҡыҙыл ине, бөгөн һәттәй аҡ. Тәбиғәт ни тиклем кешенең эсенә инә! Бөгәнебеҙ балалар кеүек ғәмһеҙ. Бер генә лә күңелһеҙ һүҙ юҡ. Йылға буйына, буралы шишмә янына төштөк тә мөлдөрәп ятҡан ай урағына ҡарап торҙоҡ. Мин Надяны күтәреп алдым да: «Ташлайыммы һине шунда, алып сыҡ миңә алтын ураҡты!» – тинем. «Ташлама, Рәми, һинең яныңда ғына ҡалғым килә», – тине ул иркәләнеп» (5.06.54). Ҡыҙҙың яратҡанын тоя Рәми, тик үҙенең хистәрен әле ныҡлап аңлап еткермәй. Уларҙың өйөндә ғүмерендә беренсе ҡабат ҡыҙ кеше менән ҡосаҡлашып ғазаплы, әммә һис бер гонаһһыҙ төн үткәргәне лә булды. Надя менән күрешкән һайын шул төн күҙ алдынан китмәй. «Уға иң ҙур яҡшылыҡ эшләгем килә. Ләкин уға йөрәгемде биргем килмәй. Ә уға минең йөрәгем кәрәк. Ә йөрәгем минең берәү генә һәм ул үҙенең һуңғы тибешен бирергә лә әҙер булып тик берәүҙе генә һаҡлап янды», – тип уйлай. Тағы ла йөрәктәге утлы миң нығыраҡ һыҙлай башлай. «Марият, Марият, Марият!» – тип ҡабатлағанын Рәми, бәлки, үҙе лә һиҙмәйҙер. Ниндәй сәйер был тормош тигәндәре: Надя – ҡосаҡта, Марият – йөрәктә. Береһе ҡуйынға инеп бара, икенсеһе һаман күңелдән сығып бөтмәй. Ауыҙы бер ҡабат бешкәс, әҙәм балаһы һалҡын һыуҙы ла өрөп эсә. Ә эсмәйенсә булдыра алмай. Хәҙер «Яратам!» тип әйтеү Рәмигә үлем менән бер һымаҡ. Бер алданғас, ҡабат әйтә алмаҫ кеүек. Ҡайһы саҡта бер яңғыҙы йылға буйында оҙаҡ уйланып ултыра. Ҡайһы саҡта аптырағандан һамаҡлап ҡуя: Һине һөйә алмағанға Илағым килә минең. Һөйгән кеүек булһам һине, Йырлағым килә минең. Күңелдә икәүҙең көрәше бара. Сәскәле майҙың бер төнөндә Надя менән Рәми таң атҡансы һөйләшеп йөрөйҙәр. Бер ҡыуаҡ янында һандуғас һайрағанын тыңлап торалар. Бөтөнләй ҡолаҡ төбөндә генә өҙҙөрөп һайрай. Ай яҡтыһы шул тиклем көслө булһа ла, һандуғастың үҙен күреп булмай. Рәми быны үҙенең яратыуына оҡшатып ҡуя: бөтә йөрәктән яратҡыһы килә, ә ул күренмәй. Күңелдәге икәүҙең көрәше барыбер береһенең еңеүе менән бөтәсәк. Был төндә егет менән ҡыҙ бер-береһен күберәк белергә, нығыраҡ аңларға тырыша. Рәмиҙең һорауына Надя әлегә тиклем берәүҙе лә яратмағанын әйтә. «Хәҙер ҙә яратмайһыңмы?» – тигәс, «Белмәйем», – ти. Рәми ошо май төнөндә Мариятты ни тиклем яратҡанлығын, тик был һөйөүҙең яуапһыҙ ҡалыуын бер нәмәне лә йәшермәйенсә һөйләп бирә. Надяның: «Ә ни өсөн һуң Һин минең менән?» тип һорауы ла ғәжәп түгел. Рәми кәметмәй ҙә, арттырмай ҙа, күңеле нимә тоя, шуны әйтә: «Һинең менән яҡын була алманым. Мин һиңә бик ныҡ өйрәндем, Надя. Ҡайһы саҡта был нисектер өйрәнеү генә түгел һымаҡ. Бына хәҙер мин бөтөнләй һалҡын. Ә иртәгә тағы ла үҙгәрәсәкмен...» Күңелеңә ғәзиз булып барған кешеңдән бындай һүҙҙәрҙе ишетеүе ҡыҙға еңел булмағандыр. Ләкин Рәми күрешкән һайын уға һоҡланып бөтә алмай. Шундай саф күңелле, аҡыллы ҡыҙға нисек берәй насарлыҡ эшләргә мөмкин? Бик яҡын ул Рәмигә. Тик шағир үҙенең тойғоларын мөхәббәт тип әйтергә генә ҡурҡа. Йөрәктә икәүҙең көрәше һүрелә бара. Рәми күберәк Надежда тураһында уйлай. Уның менән осраша башлаған көндәрҙә Рәмиҙең көндәлегенә ошондай шиғри юлдар өҫтәлә: Төшөмдә мин үлгәнмен дә, имеш, Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың. Яратыуҙан янып һүнгәнемде Шунда ғына аңлай башлайһың. Һин ташлаған бер ус дымлы тупраҡ Утлы сәскә булып атһа ла, Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең Һуғарырға уны аҡһа ла, Бик һуң инде, бик һуңланың, иркәм: Һыу бирергә кәрәк һыуһағас! Ваҡытында кәрәк мөхәббәтең, Нәфрәтең дә өтә – һуңлағас... Был шиғыр Надяға арналмаған, әлбиттә. Әлегә уның менән мөнәсәбәттәр шиғырға илһамландырырлыҡ түгел. Шағирҙың кемгәлер мөхәббәте хаҡындағы әҫәрҙәр бер ваҡытта ла мөхәббәттән алда ярала алмай. Мөхәббәт уты дөрләп ҡабынғас ҡына, һөйөү кешегә яңы ҡанаттар үҫтергәс йәки булғандарын яндырып, уны ҡанатһыҙ иткәс кенә мөхәббәт шиғырҙары тыуа. «Төшөмдә мин үлгәнмен дә, имеш» шиғырын Рәми нисәмә йылдар буйы үҙенә табындырған Марият урынына хәҙер яңы тойғолар киләсәген, йөрәген башҡа берәү биләп аласағын һиҙенеп, уҙғандары менән хушлашып яҙған. Юҡҡамы ни шиғри юлдар тамамланғас, «Мин бөтөнләй элекке Рәми түгел...» тигән һүҙҙәр өҫтәп ҡуйылған. 1954 йылдың май байрамын Надя менән бергә үткәрәләр. Рәми уларҙың өй алдына ултыртырға ике төп миләш, үҙе әйткәнсә, һыуһар алып бара. Икәүләп ултырталар ҙа йәшен яҡтыһында йөрөргә сығып китәләр. Күк күкрәй. Урман күгелйем төҫ менән яҡтырып китә. Ҡыҙҙың сәсен елдәр туҙҙыра. Икеһенең дә күҙҙәрендә йәшен балҡышы сағыла. Йөрәктәрен йәшенләп-күкрәп мөхәббәт нығыраҡ яулап алған саҡтар түгелме икән был яҙ? Өфөгә ҡайтып китер алдынан Рәми үҙенең китапханаһынан Надяға иң кәрәклеләрен һайлап алып, уларға ике сумаҙан китап алып барып ҡуя. Бына һуңғы йәйге каникул башланасаҡ. Тәүге тапҡыр оҙаҡ ваҡыт күрешмәй торасаҡтар. Рәми күңелендә яңы тойғо көсәйә барғанына шатлана: «Надя менән ҡаршылаған был таң – иң матур таңым! Уны, ахыры, ысынлап яратам. Мин бөтә нәмәгә ғашиҡ! Бөтә нәмә ҡулымдан килә кеүек. Китаптарға Надяның шатланыуы – бәхет!» (10.06.54). Эйе, Рәмиҙең яҙмышында китап менән мөхәббәт айырылғыһыҙ булды. Аслы-туҡлы йәшәгән саҡтарында ла был хазиналарынан айырылманы. 1954 йылда тиҫтерҙәре араһында беренсе булып тәүге китабын ҡулына аласаҡ. Әле был шатлыҡ килеп етмәҫ үк шағир төндәр буйы икенсе китабы тураһында уйлана. Исеме ниндәй матур буласаҡ уның – «Ҡурай». Уны тематик яҡтан киңерәк, халыҡ ижадына яҡыныраҡ, тәрәнерәк, оҫтараҡ иткеһе килә. «Килер бер көн һәм мин «Һуңғы башҡорт ҡәбере өҫтөндә һуңғы ҡурайсы уйнар көн алыҫ түгел» тигән бысраҡ фекергә үҙ яуабымды бирәсәкмен! Һуңғы ҡурайсы, имеш! Өфөгә ҡайтҡанда мин ҡурайҙы опера театрында тулҡынланып тыңлап ултырҙым. Ә бөгөн төндә «Ҡурай» әкиәтенән башлап, Дәүлиҙең Кремлдә ҡурай уйнауына тиклем булған бөтә тарихты уйлап сыҡтым» (18.05.54). Рәми фекеренсә, уның икенсе китабының үҙәгендә халыҡ яҙмышы, Башҡортостан образы торасаҡ. Бына нисәнсе йыл инде үҙе Мәскәүҙә, ә күңеле Башҡортостанда. Шул тиклем ҡайтҡы килгән, тыуған ерҙең моңон, һөйләшеүен, көлөүен тыңлағы килгән саҡтарҙа һағыныуҙары сыҙап торорлоҡ түгел бит! Башҡортостандың һәр ҡайынын, ташын йөрәгенә ҡыҫып, устарына тупрағын алып илағыһы килә. Шул саҡтарҙа ошо йырҙың һәр ауазы, һәр моңо, һәр һүҙе йөрәкте генә түгел, бар булмышыңды моңландыра ла, ярһыта ла, хатта табандарҙы ярып үткәндәй була. Күгәрепкәй ятҡан Уралҡайым Ата-олатайҙарымдың төйәге. Ерен-һыуын ҡурсып ҡорбан булған, Шунда ята батырҙар һөйәге, был йырҙың байтаҡ һүҙҙәрен белә ул. Йәйге каникулда Әсғәт Әшрәпов менән Башҡортостан райондары буйлап фольклор йыйып йөрөгәндә талантлы халыҡ йыраусыларынан бындай хайран ҡалырлыҡ йырҙарҙы бик күп ишетте улар. Яҙып алып өлгөрөрлөк, йыйып бөтөрлөк түгел был хазиналарҙы. Һай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам Ат ҡыуырҙай ғына талдарың, Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары. Рәми өсөн донъяла ошо «Урал»дан да яҡшыраҡ йыр юҡ. Кемдең йөрәгенән башлап һыҙылып сыҡты икән был йыр? Ниндәй мөһабәт киңлек, аҡыл һәм һағыш бар был моңда. Уны сығарыусы Уралдағы бөйөк шағир булған. «Шул йыр өсөн генә лә мин – башҡортмон!» тип ғорурлана Рәми Ғарипов. Был инде хыял ҡанаттарында осҡан үҫмер ғорурлығы ғына түгел. Тормошто күберәк күргән, күберәк белгән, күберәк уҡыған һайын был ғорурлыҡ көсәйә, хистәр фекер менән, уйланыуҙар аҡыл менән нығытыла бара. «Клим Самгиндың тормошо»н уҡығанда Рәми былай тип яҙа: «Горький башҡорттарҙы бик йыш телгә ала. Был хаҡта уҡығаным юҡ ине әле... «Клим Самгиндың тормошо»ндағы башҡорттар хаҡындағы фекерҙәр Ғаяз Исхаки һәм Ғ. Баттал фекерҙәренә оҡшаш. Шовинизм ни хәтлем бысраҡ һәм түбән! Күңел болғандырғыс! Горькийҙың был күренешкә ҙур иғтибар биреүе бик характерлы... Доклад өсөн JI. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк» тигән хикәйәһен дә алырға тура килер. Горький уны ла телгә ала (1910 йылдар – Башҡортостан ерен талау йылдары. Столыпин башҡорттарҙың ерен һаттырып, уларға үҙенең элмәктәрен ташлай – отрубтар, утарҙар барлыҡҡа килә)... Көлкө лә, ғәжәп тә: ике көн буйы мин асҡа ҡаңғырып бына нимәләр хаҡында уйлайым һәм уҡыйым» (23.03.55). «Клим Самгиндың тормошо»н уҡып сыҡҡан көндө Рәми «Ура!» тип сәләмләй һәм был китапҡа мәңге бурыслымын тип, Горькийға рәхмәт әйтә. Шунда уҡ: «Батталдың «башҡорттар тәбиғәтте, яҡшы келәмгә оялаған кеүек, боҙалар» тигән һүҙҙәре ни тиклем бысраҡ! Халыҡҡа оятһыҙ рәүештә яла яғыусыларҙың тамырҙары һаман да йәшеренеп ята бит әле! Ә радионан ниндәйҙер мәғәнәһеҙ таҡмаҡтар йырлап йән көйҙөрәләр. Әйтерһең, башҡорт йырға фәҡир! Кем һуң «Урал»ды йырлай ала? Юҡ! Ә халыҡ йырлай. Ундай йырсылар күп, тик эҙләмәйҙәр генә. Сөнки беҙҙә Батталдарҙың артҡы боттары етерлек. Һатыусы, сауҙагәрҙәргә халыҡтың рухи байлығы ят һәм аңлайышһыҙ. Ғәжәп, беҙҙең йырҙарҙа тәбиғәттең шундай бай булыуы бик уйландыра. Тыуған ил образы – шундай тәрән һәм киң, эпик образ. Шул уҡ ваҡытта шундай нескә лиризм бар был йырҙарҙа, иҫ киткес фәлсәфә. Улар тарихи һәм социаль эстәлекле» (26.03.55). Тыуған ил образы Рәми Ғарипов өсөн киң эпик ҡоласлы, шул уҡ ваҡытта нескә лирик моң, тәрән фәлсәфә менән тулышҡан. Үҫмер саҡта илең, халҡың менән ғорурланыу күберәк абстракт, мифик планда булһа, тормош тәжрибәһе был тойғоно нығыраҡ асыҡлай, реаль ерлектең тәрән ҡатламдарына бәйләй. Башҡортостанға, башҡорт халҡына бәйле уҡылған фекерҙәрҙең яҡшыһын да, яманын да, әйтелгән һүҙҙәрҙең хағын да, нахағын да Рәми хәтеренә туплай. Әле быға тиклем башҡорт тарихсылары, әҙәбиәтселәре бөтөнләй тиерлек телгә лә алмаған факттарҙы ул беренсе булып күтәрә, үҙенең объектив баһаһын бирә. Башҡортостанға ул һоҡланып, уның менән ғорурланып ҡына ҡалмай, уның яҙмышы тураһында уйлана. Ил хәстәре менән көндән-көн нығыраҡ яныусы йәш шағир иленең уҙғаны хаҡында күберәк белергә, уның киләсәген бәхетле итеп күрергә теләй. һөйөклө Башҡортостаны тураһында уйланғанда Рәми халыҡ йырҙары тураһында бик хаҡлы борсола. Һуғыш йылдары, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар башҡорт йыр һәм ҡурай сәнғәтендә лә, башҡорт фольклористикаһында ла байтаҡ проблемалар тыуҙыра. Йәш йырсылар эҙмә-эҙлекле үҫтерелмәй, йәш ҡурайсылар әҙерләүсе мәктәп юҡ. Халыҡ араһынан сыҡҡан таланттар осраҡлы ғына сәхнәгә күтәрелә. Талантлы оло быуын ҡурайсыларына алмашҡа килеүсе йәштәр бик һирәк. Ә халыҡ араһына сығып фольклор йыйыуҙар, ауылдан ауылға йөрөүсе экспедициялар ойоштороуҙар күптән онотолған. Ошолар хаҡында һыҙланып уйланыуҙар ваҡытында тыуғандыр, бәлки, икенсе китапҡа «Ҡурай» тип исем биреү теләге. Әҙәбиәт институты студенттарының күбеһе ташҡа баҫылып сыҡҡан тәүге китабын диплом эше итеп яҡларлыҡ дәрәжәгә күтәрелеү тураһында хыяллана ғына. Рәми Ғарипов иһә диплом яҡлар ваҡыттан нисәмә айҙар элек беренсе китабын ҡулына алды, сығарылыш йылын – 1955 йылды китаплы йәш шағир булып ҡаршыланы. Күпме студенттарҙы көнләштерерлек был бәхеткә юлды ул үҙ күкрәге менән ярҙы. Ләкин беренсе йыйынтығы сығып етмәҫтән үк ул икенсе китабы тураһында хыяллана. Рәмиҙең йәшәү, ижад итеү ритмы шулай. «Остом», «йүгерҙем», «ашығам» – Өфөлә мәктәптә уҡығанда ла, институт йылдарында ла Рәми был һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай. Спортты бында ла ҡалдырмай. Студенттар тормошо тигәс тә, улар гел генә асығып йөрөмәйҙәр. Бер килке Рәми катокта конькиҙа шыуырға оҫтарып ала. Саңғыны ла ташламай, Переделкино урмандарын ун бишәр саҡрым урап ҡайтҡан саҡтары була. Рәми Ғариповтың ашҡыныулы ритм менән йәшәүен бер көнөнөң нисек үтеүенән дә күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бына шундай көндәрҙең береһе – 1955 йыл, 24 ғинуар: «Тымыҡ Дон»ды уҡып бөтөрҙөм... Һуңғы главаны тағы бер ҡат уҡып сыҡтым, яҡшылап ҡырындым да Надяға йүгерҙем. Өйҙә юҡ ине. Станцияға йүгерҙем. Поезға ултырып киттем. Надя вагонда юҡ. Ә минең уның менән китаптан алған тәьҫораттарымды уртаҡлаша һалғы килә. Надя Переделкинола поездан төшкәс тә күренмәне. Икенсе поезды көттөм. Ул юҡ. Тағы өйҙәренә йүгерҙем. Тәҙрәләренән генә ҡараным да тағы станцияға төштөм. Поездар үтеп торҙо, ләкин ул күренмәне. Бәлки, икенсе юлдан ҡайтҡандыр тип, тағы уларға йүгерҙем. Ләкин ул һаман юҡ. Кире станцияға киттем. Һуңғы поезд менән килгән кешеләр араһында ла күренмәне. Кире йүгерҙем. Буран ҡотора. Ә миңә эҫе. Надяны өйҙәренә етер саҡта ғына ҡыуып еттем». Яҙма былай тамамлана: «Нимәһе менән мине үҙенә шулай бәйләй һуң ул? Яратыумы был, түгелме – һаман да аптырайым. Бына бер йыл инде ул минең уйҙан сыҡҡаны юҡ. Ғәжәп. Баш етмәй хатта». Ләкин бындай икеләнеү ваҡыттарына ҡарағанда ышаныслы саҡтары күберәк уның. Ҡайһы саҡта хатта үҙе уйларға ҡурҡҡан уйҙарын да Надежда менән уртаҡлаша. Ҡыҙҙың: «Биш йылдан һуң минең һиңә ҡарағым килә: һин бик бәхетле булырһың, Рәми!» – тигән һүҙҙәренә ул: «Йә бик бәхетле, йә бик бәхетһеҙ. Ә уртаса булмаясаҡмын. Ниңәлер мин бик эсермен һәм юғалырмын кеүек. Йәки бик көслө булып ҡалырмын», – тип, аптыратҡыс яуап биреп тә ҡуя. Кешеләр менән һәр саҡ ихлас мөнәсәбәттә булған Рәми ҡыҙ алдында айырыуса ҙур яуаплылыҡ тоя. «Бәлки, мин уны үҙемдең ҡорбаным итәмдер?» – тип хафалана ул. Надяға әле мәктәп тамамларға, артабан уҡыу тураһында уйларға кәрәк. Рәми әле генә уны үҙе торған баҫҡысҡа күтәрә лә алмай, үҙе ул торған баҫҡысҡа төшә лә алмай – шуныһы айырыуса уйландыра. Ҡыҙҙың уны яратҡанын тоя, үҙе лә уның менән нығыраҡ сафланғандай, яңырғандай, көсәйгәндәй. Уларҙан ҡайтҡанда ҡайһы саҡта йырлай-йырлай атлай, бөтә донъяны ҡосаҡлап алырҙай, ергә ятып аунарҙай була. Йәки күтәрмәнән әллә ниндәй еңеллек менән һикереп төшә лә бөтә көсөнә йүгерә, оса! Бөтә донъяны яңғыратып йырлағыһы, «Надя, яратам һине!» тип ҡысҡырғыһы килә. Рәми бик музыкаль кеше. Үҙе бик йырлап бармаһа ла, моңға мөкиббән китеп ғашиҡ. Надяның йырлауына айырыуса. Һуңғы ваҡытта берәй матур музыка ишетһә, үҙе лә Һиҙмәҫтән уның хаҡында уйлай башлай: «Радионан скрипка минең йөрәктә уйнай кеүек!.. Күҙ алдымда – Надя, башҡортса был исем – Өмөт! Скрипка минең өмөтөмдө моңға һала. Миңә ул ышаныс булһа ине! Ышаныс!» (8.04.55). «Ысынлап та, мин бер саҡта атай булырмын микән? Ә кем һуң ул әсә кеше? Бармы һин? Ҡайҙа? Кем?»; «Минең бик ныҡ һөйгөм һәм һөйөлгөм килә. Һөйөрлөк кешем юҡ. Ата булғым килә минең... Өйләнеү һис тә иртә түгел. Ваҡлағым килмәй үҙемде... Үҙемдең ҡатынымдан башҡа мин бер кемгә лә булырға тейеш түгел», – бындай һорау-теләктәр Рәмигә тынғы бирмәй. Ниһайәт, ошо теләктәрҙең тормошҡа ашыр мәле етте. Рәми үҙенең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртергә булды. 1955 йыл, 1 май: «Әле сәғәт төнгө ике генә. Надя менән йөрөп ҡайттым да яҙырға ултырҙым. Был көндәрҙә мин уға булған мөнәсәбәтем тураһында күп уйланым һәм бер генә ҡарарға килдем – өйләнергә! Бер ниндәй ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан, бергә йәшәргә... Надя миңә бөтә яҡтан оҡшай – ул минең эшемде лә, кешемде лә аңлай, дуҫ та була ала, ярата ла... Мин уны бөтә ваҡлыҡтарына тиклем өйрәндем – минең ҡатыным тап шулай булырға тейеш. Мин уның яҡшы әсә буласағына ла ышанам. Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ». Ниндәй ныҡлы ышаныс, шул уҡ ваҡытта ни тиклем бер ҡатлылыҡ Рәмиҙең үҙенсә ғаилә кодексы һымаҡ яҙылған был һүҙҙәрендә. Уның өсөн Надежда Өмөткә, ышанысҡа әйләнгән. Шунһыҙ тормошондағы бындай ғәйәт яуаплы аҙымды атламаҫ ине. Ләкин ике йәш йөрәк бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлау дәрәжәһенә етһә лә, был өйләнеү тураһындағы хәбәр Рәми Ғариповтың дуҫтарын да, Надежда Друмдың туғандарын, әхирәттәрен дә шаҡ ҡатыра. Дуҫтары менән һөйләшергә Рәми уларҙы Надяларҙың өйөнән алыҫ булмаған йәмле шишмә буйына саҡыра. Рафаэль дә, Шакир ҙа Рәмиҙе был уйынан кире ҡайтырға тырышып-тырышып өгөтләйҙәр: ул бит һинең бер генә юл шиғырыңды ла башҡортса уҡый белмәй, ижадыңды аңламаған кеше менән нисек йәшәйәсәкһең, әсәйең, туғандарың быға ныҡ ҡайғырасаҡ һ.б. Надяны ла был уйҙан нисек тә һүрелдерергә, әллә ниндәй шиғыр яҙыусы бер тинһеҙ кисәге студент менән әллә ҡайҙағы башҡорттар араһына ебәрмәҫкә теләүселәр, теше-тырнағы менән ҡаршы тороусылар етерлек. Рәмиҙе улай ғына еңерлекме һуң? Уның «Әйттем – бөттө!» тигән принцибы бөтә көсөнә эшкә егелгән. Артҡа сигендерерлек көс юҡ. 27 майҙа туй үтә. Уға әҙерлек ваҡытында Рәми менән Рафаэлдең, Шакирҙың, Рәйестең аралары тағы ла нығыраҡ яҡыная, дуҫтар ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Туйға Марат Кәримов, Диҡҡәт Бураҡаев, ГИТИС-тан Фәрдүнә Ҡасимова, Гөлсәсәк Мөбәрәкова киләләр. Әсғәт Әшрәпов йүгереп йөрөп фотоға төшөрә. Ошо күңелле байрамдың иҫтәлеге булып улар, бәхеткә күрә, әле лә һаҡланып ҡалған. Ҡунаҡтар алдындағы һый-хөрмәттән өҫтәлдәр һығылып тормаһа ла, туй барыбер туй инде. Шул замандың һыйға, ашау-эсеүгә наҡыҫ, әммә ихласлыҡ менән мөлдөрәмә тулған туйҙары... Аталары һуғыш ҡорбаны булған, үҙҙәре детдом ауырлыҡтарын үткән ике етемдең туйы. Әҙәбиәт институты студенттарының, Переделкино ҡыҙҙарына әйләнеп, туй үткәреүҙәре дауам итә. Бер нисә көндән һуң Рәми Йәғәфәр улы менән Надежда Васильевна Ғариповтар, өр-яңы йәш ғаилә булып, Егор Исаевтың туйына барасаҡ, өйҙәрендә затлы әйберҙән һаналған сәғәтте бүләк итәсәк. Бынан ике йыл элек үткән яҡташтары байрамында Рәми Ғарипов «Студенттар туйында» тигән шиғырын уҡығайны. Шунда әйткән теләктәре үҙенең туйында яңынан иҫенә төштө: Аҡ ҡайындар япраҡ ярған саҡта Тура килде ғүмер яҙығыҙ. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа күңелегеҙҙә Мәскәү яҙын һаҡлап ҡалығыҙ. Ил ҡыуанһын һеҙҙең эшегеҙгә, Ауырлыҡтар ғәҙел бүленһен. Ғүмер буйы күркәм мөхәббәттең Шиңдермәгеҙ нурлы гөлөн һеҙ! Нәҡ ике йылдан һуң ошондай теләктәр Рәми менән кәләшенә ҡарата әйтелер тип кем уйлаған! «Ғүмер буйы күркәм мөхәббәттең шиңдермәгеҙ нурлы гөлөн һеҙ!» – ошо теләктәр ҡабул булһын ине. Рәми менән Надяның тормошонда яңы дәүер башланды. Хәҙер кешеләр ҙә яғымлыраҡ, матурыраҡ күренә, донъя мәғәнәлерәк тойола. Дуҫтары йәш парға ихлас көнләшеп ҡарай. Ә тәбиғәттең иҫ киткес сағы! Муйылдар ап-аҡ булып күбекләнеп ултыра. Алмағастар, сейәләр сәскә атҡан. Тирә-яҡтағы хуш еҫтәрҙе һулап туймаҫлыҡ. Аяҡ аҫтында хәтфә үлән, баш өҫтөндә зәңгәр күк. Һандуғастар һайрауы, һабан турғайының моңо ҡойолоп тора. Янында кәләше осоп-ҡанатланып йөрөгәндә Рәми: «Надя үҙенең йырлауы менән минең кәмһетелгән иң саф тойғоларымды тормошҡа ҡайтарҙы», – тип шатлана. Уның көндәре хәҙер: «Надя! Ҡатыным минең! Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!» тигән һүҙҙәрҙән башлана. Мәскәү көндәлегенә 1955 йылдың 27 июлендә һуңғы юлдар яҙыла: «Мин атай буласаҡ кеше! Был бик сәйер ҙә, көлкө лә һәм шатлыҡлы ла. Тимәк, мин бик нормальный кеше!» Август айында Ғариповтар Башҡортостанға юлланалар. Мәскәүҙә Рәмигә тәүге ярҙам ҡулы һуҙған рус шағиры Федор Сухов булғайны, башҡорт егете ауыр хәлдә ҡалғанда Волга буйына үҙенең тыуған ауылына алып ҡайтып киткәйне. Ә бына хәҙер Рәми рус мөхитендә үҫкән украинка Надя менән тәүге ҡабат алыҫ юлға сыҡтылар. Мәскәүгә килгәндә яңғыҙы ине, хәҙер икәүҙәр. Буйҙаҡ булып килгәйне, ҡатынлы булып ҡайтып бара. Ғаиләнең Мәскәүҙә мөхәббәт-өмөттәр менән башланып киткән тормошо Башҡортостанда нисек дауам итер? Ниндәй шатлыҡтар, ниндәй һынауҙар көтә уларҙы? Рәмиҙе Мәскәү күп нәмәгә өйрәтте, уға бик күп яҡшылыҡтар бирҙе. Сыныҡтырҙы. Үҫтерҙе. Дөрөҫөрәге, Әҙәбиәт институты студенты күберәген үҙен-үҙе үҫтерҙе, сыныҡтырҙы. Биш йыл буйына үҙенә аяу белмәне, талапсан булды, юлдан тайпылмайынса оло маҡсаттарына ынтылып йәшәне. Талапсанлығы ҡайһы саҡта үҙен-үҙе язалауға әйләнде. Белемен туҡтауһыҙ арттырҙы, зиһененә ял бирмәне. Шағирлыҡ уның шәхесенән айырылғыһыҙ. Рәмиҙең Мәскәүҙә уҡығанда үҙен: «Ниңә мин шулай китап кешеһе?» – тип ҡәһәрләгән саҡтары ла булды. Ләкин китаптар уны һәр ваҡыт юғарыға әйҙәне, иң ауыр саҡтарҙа уларҙа аҡыллы кәңәшсе, тоғро таяныс тапты. Шәхес булараҡ үҫеү, өлгөрөү Рәми Ғариповта шиғри оҫталыҡҡа ирешеүгә, шағир булып формалашыуға ҡарағанда алданыраҡ барҙы. Быныһы уның шәхси яҙмышындағы бер үҙенсәлек. Шиғри һәләте бик иртә асылып та шәхес булып нығына алмайынса фажиғәгә дусар булған яҙмыштар ижад донъяһында аҙ түгел. Маҡсатына ынтылыусан, көслө шәхес булып сынығып етеү, Мәскәү мәктәбен үтеү Рәмигә алдағы һынауҙарҙа еңеү өсөн ныҡлы нигеҙ буласаҡ. Өсөнсө бүлек Ил яҙмышы бында йыйыла Башҡортостанға ҡайтып килгәндә башында ҡайнаған әллә күпме һорауҙарға яуап таба алмаһа ла, Рәми өсөн бер мәсьәлә бәхәсһеҙ ине: тормош Өфөлә дауам итәсәк һәм ул редакцияла эшләйәсәк. Ысынлап та, ул уйлағанса килеп сыҡты. Быға тиклем Рәми нисәмә йылдар буйына һәр сентябрҙең тәүге көнөн йәйге каникулдарҙан һуң мәктәпкә, һуңғы осорҙа институтҡа барыуҙан башлаһа, 1955 йылдың 1 сентябрендә кисәге Мәскәү студенты «Совет Башҡортостаны» газетаһында үҙенең хеҙмәт юлын башлап ебәрҙе. Башта информация бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп алдылар, бер айҙан секретариатҡа, унан һуң әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенә күсерҙеләр. 1956 йылдың февраль башынан Рәми Ғарипов ошо бүлектең мөдире. Партияның Өлкә комитеты органы булған һәм республикала иң оло, иң абруйлыларҙан һаналған газетала тиҙ арала бик яуаплы баҫҡыстарҙы үтте. Журналистар мөхите менән ул мәктәп йылдарынан уҡ таныша башлаған кеше. Мәскәүҙән ҡайтып, матбуғат эшендә практика үткән саҡтары ла булды. Әҙиптәрҙең яҙмышын газета-журналдарҙан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Уларҙың ижади йәшәйеше генә түгел, көндәлек тормоштарының нигеҙҙәре, эш-шөғөлдәре лә йыш ҡына ошо ерлеккә тоташҡан. Туҡайҙарҙан, Ғафуриҙарҙан алып нисәмә быуын шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың күпме ғүмерҙәрен, күпме көстәрен алған был матбуғат донъяһы. Рәми хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан ваҡытта Өфөләге берәй редакцияла эш башлап ебәреү тураһында аҙмы йәш авторҙар хыяллана ине. Тормош һабаҡтары үткән бәғзе ағайҙар ҙа ошо маҡсатҡа ынтыла. Күпме талантлы ҡәләм оҫталары ошо журналистика мәктәбендә тәжрибә туплаған, сынығыу юлы үткән. Байтаҡтары әле лә эшләүҙәрен дауам итә. Бәғзе берәүҙәр редакцияла эшкә урынлашыр өсөн хатта төп һөнәрҙәрен алмаштырырға, матбуғатҡа, әҙәбиәткә юл ярыр өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙер, ләкин улар теләгәнсә генә килеп сыҡмай. Редакцияға килеп инәһең – көндөң үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Өфөләге тәүге айҙар бигерәк тә тынғыһыҙ башланды. Эштең серҙәренә өйрәнергә, яңы кешеләрҙең холоҡ-ҡылыҡтарын аңларға кәрәк. Йәш ғаиләгә йәшәргә урын табыр өсөн ҡала урамдарын күп тапарға тура килде. Мәскәүҙән ҡайтҡаны бирле шиғырҙарға ваҡыт бөтөнләй ҡалмай. Хатта һәр көн тиерлек яҙып барырға ғәҙәтләнгән көндәлектәр өсөн дә нисәмә айҙар буйына форсат табылманы. Әҙәбиәт институтына уҡырға ингәс, тәүге осорҙа нәҡ шулай булғайны, егеттең барлыҡ булмышын уҡыу биләп алғайны. Ә бына хәҙер баштан-аяҡ эшкә, редакция тормошона сумды. Шиғырҙарға нисек ваҡыт табырға? Юҡһа, бөтөнләй яҙырға ла онотоуың мөмкин. Ярты йыл буйы көндәлектәр алып бармағас, яңынан яҙып алып китеүе лә ҡыйын ғына икән. Бынан һуң нисек тә ваҡыт табырға кәрәк. 1956 йылдың ҡышында Рәми Ғарипов көндәлектәренә яңынан әйләнеп ҡайтты һәм Өфөлә яҙылған тәүге юлдар ҡағыҙға теркәлде: «3 февраль. Шулай итеп, минең газетала эшләй башлауыма биш ай ҙа үтеп китте! Бөгөн мин әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең мөдире! Газетала мин иң йәш мөдир. Ә эшләйһе эш муйындан! Ауыр буласаҡ. Ләкин мин үҙемдең көсөмә ышанам. Унан һуң был эште мин бөтә күңелемдән яратам. Сөнки әҙәбиәтте, сәнғәтте яратам. Минең эшемдә был күренергә тейеш. Тырышасаҡмын! Бына партияның XX съезы етә. Был минең съезым!.. Йөрәк ашҡына – мин партияға инергә уйлайым. Был уйымды тик Надя ғына белә. Ләкин мин үҙемде һаман да әле партияға инерлек итеп тоймайым. Мин әле бер ниндәй ҙә эш күрһәтә алмайым». Йәш хеҙмәткәр эшендә ихлас тырыша. Редакциялағы ун бер комсомолец уны ойошмаларының секретары итеп һайлап ҡуйғас, Рәми тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тойоп йәшәй. Иң элек үҙенә талапсанлыҡты арттырыуҙан, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең эшен яҡшыртыуҙан башлап ебәрергә дәртләнеп йөрөй. Бының өсөн ышаныслы таяныстар эҙләй, хеҙмәттәше йәш рәссам Ғүмәр Мөхәмәтшин менән йыш кәңәшләшә. Редакция йортоноң ишек алдында нисәмә йыл буйына сүп-сар ике тау булып өйөлгән. Шуны таҙартып, комсомолецтарҙы ағас ултыртырға, баҡса булдырырға дәртләндерә. Машина, экскаватор юллап, етәкселәргә, төрлө ойошмаларға йөрөүҙәр күпме ваҡытты ала. Рәмиҙең яратҡан бер ғәҙәте – ҡайҙа ла ағас ултыртырға тырышҡанлығы бында ла күренә. «Газетаны нисек сифатлыраҡ, уҡымлыраҡ итергә?» – был мәсьәләләр Рәмиҙе әле матбуғатта эшләй башлағанға тиклем үк ныҡ борсой ине. Кешеләрҙең ташҡа баҫылған һүҙгә ни тиклем ышанғанын, ниндәй өмөт менән уҡығанын ул бәләкәстән яҡшы белә. Китаплы йорт – иманлы йорт, шуға ла ул иң хөрмәтле урында ҡәҙерләп һаҡлана. Ләкин яңы китаптарҙы кешеләр һирәк күрә. Ә бына газета нисәмә мең уҡыусыларҙың өйҙәренә, китапханаларға, мәктәптәргә, төрлө-төрлө ойошмаларға көн дә барып етә. Бигерәк тә төпкөлдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн «Совет Башҡортостаны» донъя менән даими бәйләнештә йәшәүҙең төп сараһы: һәр хәбәр мәғәнәле, һәр һүҙ үҙ урынында булырға тейеш. Әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата талапсанлыҡ айырыуса мөһим. Рәмигә хеҙмәт юлын бына ниндәй яуаплы вазифала башлау бәхете тейҙе. Был яҙмыш шатландырыуҙан нығыраҡ борсолдора. Газета барыбер балҡып тормай әле, балҡытып ебәрерлек әйберҙәр аҙ баҫыла. Даулашып ҡараһаң да, әҙәби әҫәрҙәргә урын аҙ бирелә. Баҫылғандары ла оло ваҡиға тыуҙырырлыҡ түгел. Ҡоро хәбәрҙәр, рәсми материалдар ташҡынында күмелеп ҡала тиерлек. Газетаның теле бигерәк ярлы. Башҡорт теленең байлығына етерлек иғтибар ителмәй, күп һүҙҙәр һаман да русса яҙылып йөрөй. Был хаҡта һөйләшеүҙәр, бәхәстәр ҙә булып алғылай, ләкин хәлдәр яҡшы яҡҡа әллә ни үҙгәрмәй. 1956 йылдың февраль уртаһында матбуғаттағы рәсми хәбәрҙәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Уҡыусылар уларҙы иң мауыҡтырғыс, иң мажаралы әҫәрҙәрҙе уҡыған һымаҡ уҡый, яңы һандарын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Газеталар ҡулдан ҡулға күсә, урамдарҙа уларҙың яңы һандары эленеп ҡуйылған урындарҙа халыҡ йыйыла. 1956 йылдың 14 февралендә Мәскәүҙә КПСС-тың егерменсе съезы асыла һәм ун көндән артыҡ бара. Был съезд СССР халҡының тормошонда тетрәндергәс тарихи ваҡиғаларҙы тыуҙыра. Был йыйында Сталиндың шәхес культын фашлау тураһында тыуған документтар халыҡҡа тулыһынса барып етмәһә лә, кешеләрҙең күңелендә ҡатмарлы һорауҙар артҡандан-арта, аптырау һәм шик-шөбһәләр көсәйә. КПСС Үҙәк Комитетының 1956 йылдың 30 июнендәге «Шәхес культын һәм уның һөҙөмтәләрен бөтөрөү тураһында»ғы ҡарары баҫылып сыҡҡандан һуң да бик күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуаптар табылмай. Инаныуҙар ҡаҡшай, нисәмә йылдар буйы табынған бөйөк тәғлимәттең дәрәжәһе ныҡ төшә. Тиҙҙән Сталиндың майҙандарҙағы һәм баҡсаларҙағы йөҙәрләгән һәйкәлдәре юҡ ителә, бер нисә йыл үткәс кәүҙәһе мавзолейҙан сығарыла. Даһиҙың мәғрур таш һындары селпәрәмә килгәндә миллион күңелдәрҙәге ышаныс сатнай, күпмеләрендә бөтөнләй емерелеп төшә. Илдә оло ижтимағи үҙгәрештәр башлана. Егерменсе съезд башланғанға тиклем ун көн алдан Рәми Ғарипов көндәлеккә: «Был – минең съезым!» – тип, йөрәкһеп яҙып ҡуйған. Был һүҙҙәрҙе уның бик күп тиҫтерҙәре ҡабатлай алыр ине. Бөйөк Еңеүҙән һуңғы тыныс тормош бына ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә күпме уңыштарға килтерҙе. Илдә хайран ҡалырлыҡ төҙөлөштәр бара. Һуғышта емерелгән ҡала-ауылдар төҙөкләнә, яңылары ҡалҡа. Донъяла СССР-ҙың абруйы юғары, социалистик илдәрҙең берҙәмлеге нығый. Былар совет кешеләрендә, бигерәк тә йәштәрҙә Ватан менән ғорурланыу хистәрен тағы ла нығыраҡ үҫтерә. Партияның яңы съезына ҡеүәтле дәүләт ошондай күтәренке рухта әҙерләнде. «Был – минең съезым!» – тип яҙғанда оло йыйын илгә әллә күпме яңылыҡтар алып килер, тормошто яҡшыртыр эштәргә юл асыр тип көтһә лә, партияның республика газетаһында беренсе йыл эшләп йөрөгән егерме дүрт йәшлек комсомолец Рәми Ғарипов донъяларҙың был тиклем ҡырҡа үҙгәреп китерен ҡайҙан күҙ алдына килтерә алһын? Хатта күпме ауыр һынауҙарҙа ла бирешмәгән, һуғыштарҙа сыныҡҡан коммунистар ҙа егерменсе съезд тамамланыр алдынан Н. С. Хрущевтың Сталин культын фашлаусы йәшерен докладынан һуң иҫәңгерәп ҡала. Бик күптәр өсөн был ауыр кисерештәр ут-шартлауҙар эсендәге шаңғыуҙарҙан да хәтәрерәк булғандыр. XX съездың делегаты Мостай Кәрим был ваҡиғалар тураһында үҙенең иҫтәлектәрендә бик фәһемле һүҙҙәр яҙып ҡалдырҙы. Халыҡ шағирының хәтирәләренән ҡайһы бер юлдарҙы бында килтерәйек: «24 февралдең кисендә, съездың иң һуңғы ултырышында, бер нисә сәғәткә һуҙылған докладында Н. С. Хрущев И. В. Сталиндың уҙған 30-35 йыл эсендә эшләгән хаталарын, башбаштаҡлыҡтарын, енәйәттәрен, сәбәпле-сәбәпһеҙ ҡылған яуызлыҡтарын, бәғерһеҙлектәрен һәм бүтән бихисап гонаһтарын бәйнә-бәйнә бәйән итте. Был фажиғәле хәлдәрҙе әле генә белгән, әле генә асҡан шикелле, тоҡанып, әсенеп һөйләне. Һүҙ ағышында ниндәйҙер янау, мыҫҡыллау, фашлап тәм табыу сағылды. Үс алыу тойғоһон ул саҡта айырып етмәһәм дә, ул да булғандыр, моғайын. Быныһын һуңыраҡ эреле-ваҡлы башҡа миҫалдарҙы күреп төшөндөм. Докладтың байтаҡ өлөшөнәсә оратор һөйләгәндәрҙе ҡабул итергә күңелем ҡарышты – аңым ризалашманы... ...Доклад тамамланғас, делегаттар көндәге шикелле урындарынан дәррәү ҡуҙғалманы. Албырғанып ҡалғайнылар. Мин дә иҫәңгерәп фойеға сыҡтым. Бүтәндәр ҙә минең ише, ахырыһы. Шымып ҡалғандар. Мин Фәйзрахман Зағафуранов эргәһенә килдем. Ауыҙ асып өндәшергә өлгөрмәнем, ул башын сайҡаны. Башҡортостан Юғары Советы Президиумының рәйесе булып эшләгән сабыр тәбиғәтле, киң ҡарашлы, аҡыллы кеше ине. Беҙ уның менән фекерҙәштәр ҙә, табындаштар ҙа. Эсендә ниҙәр барын ул ошо һүҙҙәр менән аңлатты: «Махмур булдым...» Шаңҡыуҙан арына биргәс, ошо кистә баш мейемде һорауҙар бырауларға кереште. Шиктәр ҡуҙғалды... ...Әйткәнемсә, февраль айының был кисендә мин Сталин ҡылған яманлыҡтарҙы, яуызлыҡтарҙы ишетеп, тетрәү ҙә, әрнеү ҙә кисерҙем, рухым иҫәңгерәп, юғалып ҡалдым. Был – бер. Икенсеһе шул: элек бер иманға табынған Хрущевтың шәхсән үҙе ҡылғандарға тәүбә килтермәй, уларға баһа бирмәй, хәҙер килеп, төптө гонаһһыҙ булып, ҡапма-ҡаршы нәмәләр һөйләүе зиһенде алды. Был кешегә ҡарата беренсе тапҡыр күңелем һүрелде». Хрущевтың егерменсе съездағы ҡылығына, ваҡиғаларҙың бынан һуң ниндәй ағымға төшөп китеүенә бәйле Мостай Кәрим ошондай бик фәһемле һүҙҙәр әйтә: «Уның (йәғни Хрущевтың – Р.Б.) «кисә әйттем, бөгөн ҡайттым; кисә баш һалдым, бөгөн баш тарттым» принцибы артабан, ҡабатлайым, нормаға инеп китте. Перестройка, реформа тип аталған осорҙа кисәге эшеңдән, аңыңдан, әҙәбеңдән баш тартып, артыңа әйләнеп төкөрөнөү «заман кешеләренең» төп сифатына әүерелде» (Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр. 5 томда. IV том. Өфө. Китап, 1998. 272-276-сы биттәр). Мостай Кәримдең был күҙәтеүҙәрендә бөйөк дәүләтте ҡыйралышҡа килтергән сәбәптәр бик тапҡыр күрһәтелгән, ил тарихын өйрәнеүселәр уларға әле ҡат-ҡат мөрәжәғәт итер. Беҙ иһә бында айырым өҙөктәр алыу менән генә сикләнергә мәжбүр булабыҙ. Егерменсе съездың совет кешеләрендә ниндәй киҫкен ҡаршылыҡтар тыуҙырыуын шунда ҡатнашҡан күренекле шәхестәрҙән Мостай Кәрим һымаҡ төплө байҡап, сағыу итеп яҙып ҡалдырған шаһиттарҙы табыуы ҡыйын. Партияның тоғро, зирәк һалдаттары илдәге тарихи үҙгәрештәрҙе бик ауыр кисерҙе. Байтаҡ ғәҙелһеҙлектәрҙе төҙәтәсәк, фекер үҫешен тотҡарлаусы догмаларҙы емерәсәк яңырыуҙың кәрәклеген, зарури, ҡотолғоһоҙ булыуын аңлаһалар, хуплаһалар ҙа, был эштәрҙәге уйлап еткермәүҙәр, алабарманлыҡтар, нисәмә быуын совет кешеләре төҙөгән рухи ҡиммәттәрҙе бер һелтәүҙә ҡырып ташлауҙар күпме шәхестәрҙе бик ныҡ һыҙландырҙы. Әммә күпселек, бигерәк тә йәштәр, илдәге тарихи үҙгәрештәрҙе башта ғәжәпләнеберәк, тиҙҙән ихлас хуплап, шатланып ҡаршы алды. 1956 йылда СССР-ҙың үҫеш юлында «епшеү», «йылыныу» («оттепель») тип аталған осоро башланып китте. Уның йоғонтоһо тормоштоң төрлө тармаҡтарында, айырыуса әҙәбиәттә, мөһим яңы күренештәр тыуҙырҙы. Совет тормошона егерменсе съезд ихлас хуплап ҡына түгел, елкенеп, һоҡланып ҡабул итерлек үҙгәрештәр алып килде. Сәйәси репрессияларҙа хөкөм ителеп тә төрмәләрҙә, һөргөндәрҙә иҫән ҡалған йөҙәр меңәрләгән тотҡондар иреккә сығарылды. Нисәмә йылдар буйы тыйылған китаптар бер-бер артлы донъя күрә башланы. Башҡорт әҙәбиәтенә Шәйехзада Бабич, Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Имай Насыри, Төхфәт Йәнәби, Булат Ишемғол, Ғабдулла Амантай һ.б., сәнғәткә Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәкәрим Мәһәҙиев һ.б. яңынан әйләнеп ҡайтты. Мәктәп, студент йылдарында Рәми ҡаса-боҫа уҡыған әҫәрҙәр менән хәҙер иркенләп танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Сәйәси зиндандарға азатлыҡ килгән был дәүерҙә архивтарҙа бикле торған күпме ҡиммәтле документтарға, милләттең арҙаҡлы шәхестәренең яҙмыштарын һөйләүсе фажиғәле сәхифәләргә юл асылды. Ни тиклем ғазаптар эсендә бөйөк ижади ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, инде нахаҡ ғәйептәр юйылыр заман яҡынайып ҡына килгәндә вафат булған Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романының баҫылып сығыуы башҡорт прозаһын өр-яңы бейеклеккә күтәрҙе, тиҙҙән, рус теленә тәржемә ителеп, милли әҙәбиәттең абруйын башҡа халыҡтар араһында ла арттырҙы. һанай башлаһаң, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостандың үҙендә генә лә күпме ҡыуаныслы хәлдәр тыуҙы. Ә башҡа республикаларҙа, тотош ил күләмендә! Бигерәк тә йәшерәк быуындар өсөн илдең тарихы бөтөнләй яңыса күҙ алдына баҫа башланы. Күпме байлыҡтарҙан мәхрүм булып йәшәлгән, хайран ҡалырлыҡ! Октябрь революцияһы тыуҙырған киҫкен боролоштарҙан һуң, утыҙынсы йылдар уртаһындағы мәҙәни революциянан һуң ил бындай ижтимағи күтәренкелек кисергәне юҡ ине әле. Был үҙгәрештәр бигерәк тә әҙәбиәткә килеүсе йәш шағирҙарҙың үҫеш юлдарында яңы мөмкинлектәр асты. Хеҙмәт юлын республика газетаһында башлап ебәреү Рәми Ғариповты донъя ваҡиғалары менән айырыуса тығыҙ бәйләне. Редакцияла йыш ҡына төнгә тиклем ҡалып эшләгән саҡтар була. Күпме ваҡиғалар иң элек ошонда туплана. Иң бәләкәй генә хәбәр ҙә, Мәскәүҙәге, Өфөләге ҙур йыйындарҙа һөйләнгән оҙон-оҙон докладтар, сығыштар ҙа, бында тиҙ генә башҡортсаға тәржемә ителеп, типографияға оҙатыла, унан барлыҡ республикаға тарала. «Совет Башҡортостаны» газетаһындағы хеҙмәттәштәренә арнап 1956 йылда яҙған «Ҡурғаш шишмә» исемле шиғырында Рәми Ғарипов был ашҡыныулы тормош ритмын кәүҙәләндергәйне. Нисәмә быуын шағирҙар күпме ваҡыттар күҙ нурҙарын түгеп, халыҡҡа бик кәрәкле газеталар, журналдар әҙерләһәләр ҙә, ошо фиҙаҡәр хеҙмәт кешеләренә ҡарата башҡорт шиғриәтендә Рәми Ғариповҡа тиклем йылы һүҙ әйтеүсе булдымы икән? «Ил яҙмышы бында йыйыла», замандың йөрәк тибешен бында айырыуса һиҙгер тояһың. Ысынлап та, бер генә мәлгә лә туҡтарға хаҡы булмаған газета тормошо һәр кемде үҙенең ҡәтғи тәртиптәренә буйһонорға мәжбүр итә. Һин шағирһыңмы, әҙипһеңме – матбуғаттың унда эше юҡ, ул бер кемгә- лә ташламалар яһай алмай. Бындағы эштәргә әүрәп, өҫтәүенә көнкүреш мәшәҡәттәре менән булып, шиғырҙарҙың онотолоп тороуына баштағы ике-өс айҙа Рәми әллә ни иғтибар ҙа итмәгәйне. Ләкин шиғырҙар яңынан ныҡ юҡһындыра, уларҙың һуңғы ваҡытта үтә һирәк яҙылыуы күңелен ҡыра башланы. 1956 йылдыр 12 февралендә «Совет Башҡортостаны» газетаһы Муса Йәлилдең 50 йыллығына ҙур урын бирҙе. Шағир менән Ырымбурҙа яҡындан аралашҡан яҡташтары Сәғит Агиштың, Заһит Шәрҡиҙең мәҡәләләре баҫылды. Яңыраҡ ҡына Муса Йәлилгә Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем биреү тураһында Указ сыҡҡайны. Уның исеме был көндәрҙә телдән төшмәй, ҡаһарманлығы хаҡында яҙмаған баҫмалар юҡ. Моабит төрмәһендә фашист палачының балтаһы һәр мәлдә ғүмерҙе өҙөргә әҙер торғанда яҙылған шиғырҙары менән татар шағиры шәхестең рухи ныҡлығына, халыҡҡа, Ватанға тоғролоғона һәйкәл ижад итте. Муса Йәлилдең батырлығын данлаған газетаны алдына һалып, ул кисте йәш шағир оҙаҡ уйланып ултырҙы. Рәмигә бөгөн 24 йәш тулды. Боронғолар иҫәбе буйынса – ике мөсәл ғүмер! Егерме дүрт йәшен тултырғас, Бабичҡа тағы ла өс ай ғына йәшәргә ҡалған. «Башҡорт халҡына көйлө хитап»ты – үҙенең һуңғы аҡҡош йырын һөйөклө Башҡортостанына ишеттергәндән һуң, Шәйехзада йыртҡыстарҙың ҡулынан ҡанға сәсәп һәләк була. Бабич ижады әле халыҡҡа ныҡлап ҡайтып етмәгән, китабын яңы әҙерләй башланылар. Ләкин Рәми уның әҫәрҙәренең байтағы менән күптән таныш. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә Туҡайҙар, Бабичтар нисек шулай бөйөк шиғырҙар, поэмалар ижад итеп өлгөргәндәр? Һуңғы айҙарҙа шиғырҙарҙың һирәк яҙылыуына эш күплеккә һылтанып ҡына аҡланып булмай. Герой-шағир Муса Йәлил ана ниндәй шарттарҙа ла ижадҡа тоғро булып ҡалған. Уның көслө ихтыярына Рәмиҙең иҫе китә. Сәғит Агиштың мәҡәләһендә әйтелгәнсә, «Муса Йәлил киләсәк йөҙ йылдарҙа ла халҡын, Ватанын һөйөүсе кешеләрҙең замандашы, өлгө күрһәтеүсе буласаҡ. Шағирҙың даны мәңгелек». Өфөгә ҡайтыу менән Мәскәүҙә ҡорған хыялдар тормошҡа аша башлар, тиҙ генә ижадтың өр-яңы осоро асылыр һымаҡ ине. Тормош һин көткәнгә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ. Һауаларға талпынған сағыңда тиҙ генә ергә төшөрә. Яҙыуға ҡарағанда уйланыуҙар күберәк. Шиғри юлды ҡағыҙға теркәр мәлдә генә нисәнсе ҡат шикләнеүҙәрең туҡтатып ҡуя: тейешле һүҙҙәр табылып етмәгән. Быныһы, ниһайәт, яҙылып бөттө һымаҡ. Рәми яңынан уҡып сыҡты: Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә, Сисеп кенә өлгөр йомағын! Береһен сисһәң, инде икенсеһен Әҙерләп тә ҡуя ул тағын. Мең-мең һорауҙарҙан ғазапланып, Ниҙәр генә килмәй уйыңа. Шикләнәһең, ҡайҙа дөрөҫлөк, тип, Эҙләнәһең ғүмер буйына. Ә бит бер генә юл дөрөҫлөккә: Ул да булһа – юлда булыуың. Ҡайҙа халҡың – шунда алдан барыу, Артҡа ҡалыу – юҡҡа сығыуың. Яңыраҡ ул «Таш сәскә» исемле шиғыр яҙғайны. Күҙҙең яуын алып торған мөғжизә – Урал ташынан эшләнгән сәскә, телгә килеп, былай ти: Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың! Серлелеккә ҡоролған был шиғырын Рәми баллада тип атағайны. Иптәштәре оҡшатты, ихлас ҡотланы. Үҙенсәлекле, уңышлы килеп сыҡҡанын үҙе лә тоя. Халыҡ, тыуған ер тураһында өр-яңыса балҡып китерлек тапҡыр образдар табырға ине. Ана бит Бабич нисегерәк әйткән: Уралҡайҙың аҫты алтын, Өҫтө шиғыр, үҙе нур; Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр. Башҡортостан-гөлбостан, Сөнбөлстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән Башҡорт атлы арыҫлан! Хоҙай үҙе ҡыҙығырлыҡ ғәзиз еребеҙ тураһында кешеләрҙең күңелендә нурланырлыҡ, телдән телгә күсерлек һүҙҙәр табырға кәрәк. Шундай маҡсаттарға ирешерлек көсөң, һәләтең булырға тейеш бит. Нисәмә йылдар буйына шиғырҙар яҙылды, ижад серҙәре өйрәнелде, күпме аҡыллы китаптар уҡылды. Тик һүҙҙәр һаман да баш бирмәй. «Таш сәскә» һымаҡ шиғырҙар йышыраҡ ҡыуандырһын ине. Элекке йылдарҙағыса тегене әйтергә ярай, быныһы ярамай тип ҡурҡып-һағайып яҙыр замандар артта ҡалды һымаҡ. Хрущевтың егерменсе съезда шәхес культын фашлап һөйләгән йәшерен докладында әйтелгән һүҙҙәр халыҡҡа тиҙ генә барып етмәйәсәк әле. Ләкин боҙ ҡуҙғалды, азат фекерҙе быуып торған күпме кәртәләр емерелә, сәйәси диуарҙар ҡыйрала. Рәмиҙең йәш ҡәләмдәштәре Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡый, бәхәсләшә, репрессия ҡорбаны булған башҡорт әҙиптәренең яҙмыштары тураһында хәҡиҡәтте тәү ҡат ишетә башланы. Бабичтың «Башҡортостан» шиғырындағы: Арыҫландар үҙ ерен Залимдарҙан тапатмаҫ. Тапайым тип атлаһа, Башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ил өҫтөнә сапҡан яу Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ, Бысраҡ табан аҫтында Башҡорт намыҫы ятмаҫ, – тигән һүҙҙәре йәштәрҙең йөрәктәрен көйҙөрөп ала. Башҡорт тураһында, Башҡортостан хаҡында бына ошондай һүҙҙәр ҙә әйтеп була икән дә баһа! Ул ҡанатлы юлдарҙы Рәми күптән уҡыған, әммә тиҫтерҙәре өсөн өр-яңы асыш. Ауыҙ тултырып әйтерлек ваҡыт тыуғас, Бабичты ла, башҡа байтаҡ мәсьәләләрҙе лә Рәми тәрәндәнерәк аңлай бара. Тыуған ил, милләт яҙмышы хаҡында ҡыйыуыраҡ фекер йөрөтөр өсөн йәш зиһендәрҙең яңы офоҡтары асыла. СССР халҡын ғына түгел, күпме илдәрҙең сәйәсмәндәрен һәм уяу ҡарашлы кешеләрен Кремль һарайынан килгән һәр һүҙҙе һәр көн ҡолаҡтарын ҡарпайтып тыңларға мәжбүр иткән егерменсе съезд барған көндәрҙә, «Был – минең съезым» тип ҡыуанып йөрөгән Рәми Ғарипов тағы ла оло бер шатлыҡ кисерҙе: 18 февралдә улы тыуҙы, исеме алдан һайлап ҡуйылған Салауат донъяға килде. Мәскәү менән хушлашыр ваҡыттар еткәндә студент көндәлеген Рәми Ғарипов «Мин атай буласаҡ кеше! Был сәйер ҙә, көлкө лә һәм шатлыҡлы ла. Тимәк, мин бик нормальный кеше!» – тигән һуңғы һүҙҙәр менән йомғаҡлап ҡуйғайны. Һәм бына Рәмиҙе атай иткән көн тыуҙы. Һәр ир-егеттең түбәһе күккә тейгән сағы, йәш ғаиләнең көтөп алынған шатлыҡлы мәлдәре... Был кисерештәр кемдәрҙе генә ҡанатландырмаған. Бала табыу йортонда йәш әсә менән атай араһында көн дә хаттар йөрөй. Уларҙағы ҡотлауҙар, һорауҙар кеше яҙмыштарында инде нисәмә тапҡырҙар ҡабатланғандыр... Ләкин уларҙы һәр кем беренсе ҡабат, тик үҙенсә кисерә. Ундай ҡағыҙҙар ғәҙәттә яҙыла ла юғалып бөтә. Ә Рәми был ҡабатланмаҫ почтаны ҡәҙерләп һаҡлаған. Тышына «Палата № 6 Гариповой Н.» тип, тәүге биткә «Салауат тыуғандан һуң яҙылған хаттар. Февраль, 1956, Өфө» тип яҙып, хаттарҙы бер дәфтәр итеп теркәп ҡуйған. Рәмиҙең бик йыйнаҡ кеше булыуы ошонда ла күренә. Был осраҡта тәртиптән дә бигерәк уның ҡатынына, яңы тыуған улына ҡайнар мөхәббәте бөркөлөп торған һымаҡ. Шағирҙар ғәҙәттә тарҡауыраҡ булалар, бындай ҡомартҡыларҙы йыя һалып бармайҙар. Рәми бында ла үҙенә тоғро булып ҡалған. Шул арҡала ҡағыҙ киҫәктәренә яҙылған был хат-запискалар хәҙер ике йәш кешенең кисерештәрен шул көндәрҙәгесә күҙ алдына баҫтырыусы үҙенсәлекле документтар булараҡ уҡыла. Бына тәүге яҙыу: «Утро 18 февраля 1956 года. Дорогая Надя! Ҙур-ҙур рәхмәт һиңә, әсәй! Будь бодрой, крепкой! Я очень счастлив!!! Вся редакция рада. Скажи – что тебе покупать? Ладно? Твой Рами. Телеграмму дам сегодня». Шул уҡ көндө тағы ла бер яҙыу: «Надя, дорогая! Мне как-то не верится, что мы родители. Хожу как пьяный. Целую ночь не спал, с мучением родил газету... ...Какой он? Какие у него глаза? Какие ресницы?..» Рәмиҙең хаттары, Надяның яуаптары. Уларҙы көнкүреш ығы-зығылары сыбарламаған, ихлас тулҡынланыуҙар, яҡты кисерештәр теркәлеп ҡалған. 20 февраль иртәһендә Рәми бына нимәләр яҙа: «Надя, дорогая! Горячо поздравляю тебя с трехдневной жизнью нашего Салаватика – самого маленького современника Двадцатого съезда! Сегодня ночью так много думал о вас, думал о съезде и чем-то необычным переполнилось мое сердце и всю ночь не мог спать. И писать не мог! Надя! Принес я тебе 14-й том Горького...» 21 февралдә улына сәләмде Рәми шиғри телдә яҙа: Дорогой мой Салаватка! Купил тебе Батька Неплохое одеяло – Цвет его – алый! А маменька Надя, Что тебе надо? Непременно надо! Надо – шоколада! Шиғри сәләмгә шунда уҡ Надяның рәхмәт яуабы: «Здравствуй, мой Рами! Очень благодарим за стихосложение и шоколад. Чувствую себя превосходно». 24 февралдә яҙған хатына Рәми «Күркәмлек» тигән яңы шиғырын да өҫтәп ҡуйған: Ағас күрке – япраҡ, тиҙәр. Дөрөҫ! Мин килешәм быға һис һүҙһеҙ. Тик кешенең күрке сепрәк булһа, Был күркәмлек, ай-һай, күңелһеҙ... Ә шулай ҙа ҡай берәүҙәр һине Кейемеңә ҡарап күрәләр, Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, Һөйләшәләр, аҡыл бирәләр. Мин ҡыҙғанам шундай әҙәмдәрҙе, Мин һыҙланам шулар өсөн дә: Их, был кейем, тимен, ниндәй күркәм, Тик кешеһе етмәй эсендә!.. Әлегә Надежда башҡорт телен шиғыр уҡыр дәрәжәлә белеп еткермәй. Уның башҡортса һөйләшер, уҡыр, хатта йырлар көндәре әле алда. Әгәр бөгөн үк аңлаһа, иренең был шиғыры өсөн ихлас ҡыуаныр ине. Рәми һүҙҙәргә хәҙер һағыраҡ та, ҡыйыуыраҡ та тотона. Эйе, бындай мөнәсәбәттә һис бер ҡаршылыҡ юҡ. Ҡыйыу фекерлә, һүҙҙәрҙең яңыса көсөн таба бел, ләкин улар менән һаҡ бул, һүҙҙәрҙе имгәтә күрмә, телдең тәбиғәтенә ҡаршы килмә, моңон боҙма. Үҙенең яҙғандарына ла, редакцияға килгән әҫәрҙәргә лә Рәми ошондай юғары талаптар ҡуйырға тырыша. Иң күтәренке рухта һүҙ башлағанда ла, буш риторикаға бирелмәйенсә, кешеләрҙең күңеленә үтеп инерлек сараларҙы табыуы еңел түгел. Ҡайһы саҡта ундай табыштар ҙа ҡыуандырып ҡуя. «Дан һиңә, дан, Башҡортостан!» тигән ҡотлау йырын төрлөсә башлап ҡараны. Тәүге юлдар ошолай буласаҡ: Күк Уралдың иркен күкрәгендә Азат шоңҡар ғорур осҡанын Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Һүҙҙәр композитор Рафиҡ Сәлмәновтың да күңеленә хуш килде. Башҡортостан тураһында һәйбәт йыр тыуҙы. Кешеләр бер-береһен ҡотлағанда ни тиклем ихлас булған һымаҡ, тыуған ерҙе данлауҙың һүҙе лә, моңо ла йөрәктән сыҡҡанда ғына йөрәктәргә үтеп инә. Рәми Ғарипов менән Рафиҡ Сәлмәнов Мәскәүҙә уҡыған йылдарҙан уҡ бер-береһен хөрмәт итәләр. Уларҙың ижади хеҙмәттәшлеге артабан күңелгә ятышлы йырҙар тыуҙырасаҡ. Муса Йәлилгә арналған мәҡәләләрҙе уҡып, үҙенең тыуған көнөндә оҙаҡ уйланып ултырғандан һуң ишек алдына сыҡҡанда – күктә яңы тыуған ай ине. Айға нимә – ай һайын яңыра, ай һайын ҡыйғас ҡаш һымаҡ балҡый. Хәҙер бына яңынан түп-түңәрәк булып тулыланды. Ә күңел бөгөн ошо ай һымаҡ тулышып, иртәнән бирле болоҡһоп тик йөрөй. Кәләше менән Салауат улын больницанан ҡайһылай ҡанатланып алып ҡайтҡайны. Бер нисә көн буйына шатлыҡтарының сиге булманы. Ләкин нужа тигәндәре, һиңә хужа булып боғаҙҙан быуып алһа, бәхетле көндәр бик үк оҙаҡҡа бармай икән шул. Улдарын көткән көндәрҙә үҙҙәрен бик бәхетле итеп тоя ине улар. Өмөт-ышаныстар менән донъялары мөлдөрәмә тулғайны. Көндәре яҡты, төндәре нурлы ине. Йыл ярым айырылып торғандан һуң башлаған көндәлегенә Рәми: «Беҙ бик бәхетле. Шуның өсөн был хаҡта яҙыу ҙа бик ауыр. Сөнки ҡайғы, һағыш тураһында кешеләр мәңге яҙып өйрәнгәндәр. Ә бәхет, шатлыҡ ул әле яңы ғына башлана. Шуның өсөн уны яҙыуы ла ауыр», – тип теркәп ҡуйғайны. Бына шуларҙы уҡыны ла сәйер булып китте. Бәхетле мәлдәр үтә тиҙ үтә, уның хаҡында әйтер һүҙҙе табып өлгөрөрлөк тә түгел. Оҙағыраҡ кинәндерһә, бәхет хаҡында яҙыуы, бәлки, ул тиклем ауыр булмаҫ ине. Шатлыҡтар ниңәлер урыҡ-һурыҡ башлана ла өҙөлә. Салауат тыуғас, торлаҡ мәсьәләһе тағы ла ҡырҡыулашты. Өфөлә торор урын эҙләп ҡаңғырыуҙар, бигерәк тә ғаиләле булғас, был мәсьәләнең үтә ауырайыуы – ауылдарҙан килгән йәштәрҙең ҡайһыларының ғына башынан үтмәгән был хәлдәр! Мәскәүҙән ҡайтҡас Ғариповтар ҙа, ҡайҙа барып морон төртөргә белмәйенсә, ҡала урамдарын аҙ тапаманы. Таныш-белештәрҙең һарай һымаҡ ерҙәрендә ҡунып йөрөгән саҡтар ҙа булды. Ярай әле Хәлил Халиков ағайҙар үҙҙәре торған йортта айырым бер бүлмәгә һыйындырҙылар. Шунда матур ғына йәшәп алып киттеләр. Хәҙер йәш бала менән оло кешеләрҙе бимазалауы уңайһыҙ. Хужалар былай бик һәйбәт, алсаҡ кешеләр. Хәлил ағай революция, граждандар һуғышы йылдарында башҡорт милли хәрәкәтенең уртаһында ҡайнаған, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин сафтарында ҡыйыу яугир булған, революция бишеге Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Утыҙ етенсе йылғы фажиғәләр ҙә уның яҙмышын урап үтмәгән, бер нисә тапҡыр төрмәләрҙә ултырып сыҡҡан. Хәлил ағайҙың һөйләгәндәре Рәми өсөн үҙе бер фажиғәле тарих. Улдары тыуған йәштәрҙе ағай менән еңгә ихлас ҡотланылар. Был шатлыҡ менән бергә яңы мәшәҡәттәр ҙә артты. Хәҙер хужаларға ла тынғы юҡ. Ләкин тиҙ генә башҡа торлаҡ табырлыҡ түгел. Шуға балаға ике ай ҙа тулмаҫтан Надя менән Салауат Мәскәүгә киттеләр. Сараһыҙҙан шулай иттеләр. Өҫтәүенә украинка өләсәйҙең башҡорт ейәнен тиҙерәк ҡулына алып, яратҡыһы килә ине. Хәҙер Рәми бер яңғыҙы көн күрә. Нисәмә йылдар айырылып торғас, Өфө яҙы бигерәк танһыҡ. Яҙғы яңырыу күңелдәге болоҡһоуҙы нығыраҡ көсәйтә. Ҡапыл ижад шатлыҡтары ябырылыр һымаҡ. Ләкин ғазаптары, ләззәттәре менән илһам сәғәттәре ҡайҙалыр аҙашып йөрөй. Тормош ығы-зығыларынан өркәме? Ә уйҙар төнөн дә тынғы бирмәй: «Туҡтағыҙсы, зинһар, туҡтағыҙсы, уйҙарым!.. Юҡ, туҡтамай улар! Ә баш ауырта. Бына төн уртаһында уянып киттем дә йоҡлай алмайым. Бүлмәм буп-буш һәм һалҡын. Улым да юҡ, улымдың әсәһе лә юҡ янымда. Улар булһа, башым да былай ауыртмаҫ ине... Кисәге дежурствонан өйгә ҡайтып тормайынса, редакцияла ҡалдым. Бер мәртәбә типографияға төшөп мендем дә Горькийға тотондом...» Февраль башында Рәми көндәлегенә: «Горький – беҙҙең ғаиләбеҙҙең нигеҙе. Был нигеҙҙе ғүмерлеккә һалып ҡалдырыу – был хәҙер минең иң, иң изге уйҙарымдың береһе», – тип яҙғайны. Нисәмә тапҡырҙар Рәми өсөн Горький рухи таяныс булды. Әле ғаилә нигеҙе тураһында уйланғанда иң изге исем итеп уны телгә алыуы йәш шағирҙың бөйөк әҙипкә ни тиклем инанғанлыҡтың сағыу билдәһе. Ул бүләк итеп ҡанатландырған ҡатынына Рәми Горькийҙың томын алып бара бит! Балалар йортона ошондай китап илткән атайҙар ер йөҙөндә тағы ла бармы икән? Булһа ла, бик-бик һирәктер. Рәмиҙең үҙенең дә, ғаиләһенең дә рухи нигеҙҙәре ныҡлы. Тормош матди яҡтан ғына бәкәлгә йыш һуға. Әммә маҡсаттарына ирешер өсөн шағир әллә ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сығырға әҙер. Тик оло маҡсаттарға бәрәбәр эштәр ҙә олпат булһын, барыһы ла уртаҡ уй менән янһын, бер-береһенә көс өҫтәп йәшәһен ине. Юғиһә редакцияла йыш ҡына бөтөнләй киреһенсә килеп сыға. Бик ихлас башлаған бик кәрәкле эштәр ҡаршылыҡҡа осрай. Ни тиклем ҙур бурыстар йөкмәтелгән газетаның етәкселәре лә һине аңлап еткермәгәс, кем менән кәңәшләшәһең? Шәйехзада Бабич менән Дауыт Юлтыйҙың шиғырҙарын баҫтырып сығарыу өсөн редакторат менән дә, секретариат менән дә аҙым һайын яғалашырға тура килде. Тел, әҙәбиәт уҡытыу, башҡорт культураһының яҙмышы тураһында бик урынлы дискуссия башланғайны. Фекер алышырға теләүселәр күп булһа ла, һәр материалға юл ярыр өсөн редактор Ғилемдар Рамазановтың үҙенә инергә, күпме бәхәсләшергә кәрәк. Шағир һәм ғалимдың газетаны етәкләүе һәйбәт булһа ла, ул да йыш ҡына администраторлыҡтан уҙа алмай. Редакцияла эшләүселәр күбеһе наҙан, башҡорт телен йүнләп белмәй, үҙҙәре белмәгән һүҙҙе, иҫкереп бөткән һүҙлекте тотоп, был һүҙ башҡорт телендә юҡ тип, ҡысҡырырға ғына торалар. Дежур көндәрҙә шул наҙандарҙың яҙғандарын бәхәсләшеп төҙәтә-төҙәтә хәлдәр бөтә. Шул тар ҡараш арҡаһында күпме уй-хыялдары тормошҡа ашмай ҡалғанына Рәми көндән-көн нығыраҡ борсолдо. Тел тураһындағы дискуссияны ла, иркенләп һөйләшергә юл ҡуймайынса, ашыҡ-бошоҡ бөтөрөп ҡуйҙылар. Хеҙмәттәштәре араһында комсомолец Ғариповты милләтселектә ғәйепләргә, аҡылға ултыртырға тырышыусы коммунистар ҙа табылды. Бындай нахаҡ ғәйептәрҙе ишетеү йәшәр мөйөш таба алмай Өфө урамдарын ҡыҙырыуҙан да ҡыйыныраҡ. Ләкин Рәми донъянан ваз кисеп, маҡсаттарынан баш тартып йәшәргә лә, ҡулайлашырға ла өйрәнмәгән. Йәшәйештең көрәш икәнен ҡаты һабаҡтарын биреп тормош тағы ла нығыраҡ төшөндөрҙө. Рәми үҙе әйткәнсә, «күңелдә бик ауыр тойғолар ғына тороп ҡалды... Ҡайғыңдан, теләһәң, аҫылынып үл! Ә көрәшер өсөн яңғыҙ булмаҫҡа кәрәк! Бер нисә кеше генә был эште эшләй алмай. Бөтә урында юғарыға ҡарап табыналар. Бөтәһе лә үҙ урыны өсөн ҡурҡа, ҡалтырай. Йөрәгендә халҡы булған кешеләр беҙҙә бик аҙ шул әле. Уларҙы ултыртып, төрмәләрҙә ҡырып бөткәндәр. Ә тороп ҡалғандарҙың ҡото осоп бөткән. Йәштәр уйларға, ҡайғырырға, янырға белмәйҙәр. Түргә ултырған һәр береһе сабатаһын түргә элә, кабинетҡа, яҡшы квартираға инеп алғас, халҡын да онота... Хатта туған телен дә онота!.. Кешеләр кеше булырға ла онота... Ә эш эшләрҙәй егеттәр эш тураһында түгел, ҡайтып йоҡларлыҡ бер мөйөш тураһында уйларға мәжбүр була. Торорға уларҙың квартиралары юҡ, бурыстарын түләргә аҡсалары юҡ, ижад утында янаһы урынға донъя ваҡлыҡтары тураһында уйлап, меҫкен хистәр менән быҫҡырға мәжбүрһең... Өйгә ҡайтыуға ҡатының: — Утын бөтә, аҡса юҡ, – тип ҡаршы ала. Балаң һалҡында күгәреп илап ултыра. Йөрәгең әрней, ҡайғыларҙан башың ҡата. Ни тиклем фәҡирбеҙ – китаптарыбыҙҙан башҡа бер нәмәбеҙ юҡ. Был хаҡта уйламаҫҡа тырышаһың, был хаҡта яҙыуы ла оят, ләкин уйламай сараң юҡ, был уйҙар һинең кешелегеңде иҙә, йәберләй һәм кәмһетә. Ни тиклем бирешмәҫкә тырышһаң да, бирешәһең. Юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә ҡатыныңа ауыр һүҙҙәр әйтәһең, шул һүҙҙәрең өсөн һуңынан выжданың ғазаплай. Ҡайһы саҡтарҙа өйгә ҡайтаһың килмәгән көндәр ҙә була. Ҡайҙа барырға ла белмәйһең. Күптәр әсәләр, ә мин хатта быны ла булдыра алмайым бит... ...Ауыр миңә, ҡайһы саҡта бик-бик ауыр. Кешеләргә хатта ышанысың ҡаҡшаған кеүек. Был – иң ҡурҡынысы!.. Ҡайҙалыр юғалаһың, онотолаһың килә. Ләкин онотолоп та, юғалып та булмай. Күңелдә өмөт бар». Шиғырҙар яҙылыр саҡта шундай юлдар тыуа. Был һыҙланыуҙарында Рәми илленсе йылдар урталарында ижад донъяһына ынтылыусы йәштәрҙең ауыр яҙмышын күҙ алдына баҫтырған. Бөйөк Еңеү килтергән рух күтәренкелеге, ун йылдан һуң егерменсе съезд тыуҙырған яңырыу, фекер иркенлеге, шул уҡ ваҡытта ауырлыҡтарҙың һаман да иҙеүе, бигерәк тә ижади эҙләнеүҙәр юлындағы ҡаршылыҡтар, иҫке ҡалыптарҙың тоғро һаҡсылары... Ижад тип Мәскәүҙән талпынып ҡайтҡан Рәмиҙең күпселек көсө бына шуларға сарыф ителә. Бәлки, шуға шиғырҙар һирәгерәк яҙылалыр. Көндәлектәрендәге монологтар яралы күңелдең иңрәүҙәре булып шиғри юлдарға түгелергә әҙер торалар һымаҡ. Ул кисерештәрҙә ихласлыҡ та, ҡайнарлыҡ та, тормошсанлыҡ та етерлек. Ләкин Рәми шиғриәтте башҡасараҡ күҙ алдына килтерә, бындай тойғоларға шиғырҙарында урын бирмәҫкә тырыша. Һуғыш йылдарында, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙа имгәнгән күңелдәрҙе ҡанатландырырлыҡ, ҡайғыларҙы еңеләйтерлек һүҙҙәр табырға, кешеләрҙе илатырлыҡ түгел, йыуатырлыҡ юлдар яҙырға ине. Тормош үҙеңде төрлө яҡҡа йолҡҡолаған саҡта, үҙең боҙло өйҙә туңғанда башҡаларға йылы һүҙ табыуы еңел түгел икән шул. «Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле» 1957 йылдың 16 февралендә көндәлегенә әлеге ауыр кисерештәрен яҙғанда Рәми Ғарипов Башҡортостан китап нәшриәтендә тәүге көн эшләй башлағайны. Ул яҙмалар газетала үткән йыл ярым ваҡытҡа үҙенсә йомғаҡ яһау ине. Редакцияла һуңғы көндәрҙә иң ныҡ иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, «Совет Башҡортостаны» газетаһында Мостай Кәримдең «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ының бер-бер артлы баҫылып сығыуы булды. Был хаттарҙың ғинуар аҙағында – февраль баштарында донъя күреүе башҡорт әҙәбиәте донъяһында оло ваҡиғаға әйләнде. Газетаның хаттар сығасаҡ яңы һандарын көтөп алдылар, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Ҡәләмдәштәр тураһында бындай һүҙҙең әле әйтелгәне юҡ ине. Үҙҙәренә хаттар төбәлгән дүрт йәш шағирҙың – Абдулхаҡ Игебаевтың, Рәми Ғариповтың, Рафаэль Сафиндың, Марат Кәримовтың нимәләр кисергәнен, улар үҙҙәре генә белә торғандыр. Илленсе йылдарҙың урталарында башҡорт әҙәбиәте яңы күтәрелеш осорон үткәрҙе. Һуғыштан һуңғы ун йыллыҡтағы ҡаршылыҡлы дәүерҙә айырым-айырым талантлы әҫәрҙәр ҡыуандырып алһа ла, ижади асыштар барыбер һирәгерәк күренә ине. Ошондай кризислы араны бер башҡорт әҙиптәре генә түгел, тотош совет әҙәбиәте үтте. Совет халҡының һуғыштағы тарихи ҡаһарманлығы, бөйөк еңеү ватансылыҡ тойғоһон ныҡ үҫтерһә лә, әҙәбиәт был хаҡта күберәк тик күтәренке рухта бәйән итте. Еңеү эйфорияһы йыш ҡына тормошта барыһын да ал да гөл итеп бер яҡлы сағылдырыуға килтерҙе. Илленсе йылдарҙың урталарынан әҫәрҙәрҙә төпсөнөү һәм анализлау, тормош ҡаршылыҡтары хаҡында уйланыуҙар артты. Башҡорт әҙәбиәтендә байтаҡ ваҡыттар ижад итеүсе тәжрибәле яҙыусылар ҙа, һуғыштан һуң тәүге китаптарын сығарған фронтовиктар быуыны ла нәҡ ошо осорҙа ҡатмарлы эҙләнеүҙәр юлы үтте. Репрессияланған әҙиптәр ижадының илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында айырым китаптар, хатта том-том баҫмалар (Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Имай Насыри) булып уҡыусыларға яңынан әйләнеп ҡайтыуы әҙәби мөхиттең офоҡтарын, замандаштарҙың уй-кисерештәр даирәһен күпкә киңәйтте. Ижади ҡараштың, эстетик фекерҙең үҫешенә Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина китаптарының баҫылып сығыуы бигерәк тә көслө йоғонто яһаны. Нәҡ илленсе йылдарҙың аҙағына табан үҙенсәлекле йәш көстәрҙең әҫәрҙәре әҙәби үҫешкә мөһим яңылыҡтар алып килеүсе ваҡиғалар тыуҙырҙы. Улар араһынан прозала иң элек Динис Исламовтың, Фәрит Иҫәнғоловтың, драматургияла – Нәжиб Асанбаевтың, Әсғәт Мирзаһитовтың, тәнҡиттә – Ғайса Хөсәйеновтың, Миҙхәт Ғәйнуллиндың, Зөфәр Ғәбсәләмовтың исемдәрен атарға кәрәк. Шиғриәттә шул осорҙа үҙҙәрен раҫлаусы йәштәр араһынан иң һәләтлеләрен һайлағанда ла, бер-ике исем менән генә сикләнеү мөмкин түгел. Йәш шағирҙарҙың ижадтары тураһында фекер уртаҡлашыр өсөн Мостай Кәрим шуларҙың дүртәүһенә туҡталған. Йәш авторҙарҙың тәүге китаптары тураһындағы уйланыуҙарҙың «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар» тип аталыуында уҡ иғтибарҙы тарта торған мәғәнә, үҙенсә кинәйә бар. Мостай Кәрим йәш шағирҙарға аҡыл өйрәтергә йыйынмай, уларға ҡәләмдәш тип, яҡын күреп өндәшә. Теңкәгә тейеп бөткән шаблон рецензия, башта китаптың һәйбәт яҡтарын һанап, аҙаҡ бер-ике етешһеҙлеген әйтеп китеү түгел. Хат формаһын һайлау үҙе үк ихлас һөйләшеү өсөн бик һәйбәт. Иптәшкә, ҡәләмдәшкә яҙған хатта асыҡтан-асыҡ һүҙ алып бараһың, ҡайһы саҡта эс серҙәреңде лә бүлешәһең. Яуҙа ауыр яра алып ҡайтҡан Мостай Кәрим «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ында һуғыш йылдары үҫмерҙәре булған йәш шағирҙарҙы тиң күреп һөйләшә. Уларҙың быуынының яҙмышы хаҡында уйлана, аңларға тырыша, һәр береһенең шиғри донъяһының үҙенсәлектәре, уңыштары, етешһеҙлектәре хаҡында ентекләп һүҙ алып бара. Рәми өсөн Мостай Кәримдең һәр кәңәше ҡәҙерле булды, уның менән аралашҡан һайын ижади бурыстары хаҡында тағы ла етдиерәк уйланды. Йылдар буйына дауам иткән был бәйләнештең баһаһын ул хәҙер нығыраҡ аңлай. «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ҙы уҡыуҙың тәьҫире ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел. Рәмиҙең шиғырҙары тураһында ла, ҡәләмдәштәре хаҡында ла әле бер кем дә былай ихлас, төплө итеп фекер әйтә алғаны юҡ ине. Ҡанатландыра ла, дәртләндерә лә, сәмләндерә лә Мостай ағайҙың яҙған хаттары. Әммә ғәрләндермәй, ҡаты ғына әйткәненә лә күңел кителмәй. Рәмиҙең көндәре хәҙер китаптар менән үтә. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен әҙерләп донъяға сығарыуы был тиклем күңелде яулап алыр тип уйламағайны. «Эш ҡыҙыҡ, минең үҙ эшем был», – яңы ерҙә ошолай тип яҙып ҡуйырлыҡ булғас, хеҙмәт урынын дөрөҫ һайлаған тигән һүҙ. Ҡайһы саҡта үҙе редакторлаған яҙыусының китабы уны әллә ниндәй донъяларға алып инеп китә. Рабиндранат Тагор хикәйәләренең корректураһын уҡығанда шулай булды. Рәми өсөн улар тетрәндергәс асышҡа әйләнде. Көндәлектәргә лә йышыраҡ тотона. Әле яҙҙың тәүге көнөн теркәп ҡуймаҡсы: «1 март! Бына 1957 йылдың яҙы ла башланды!.. Үтә ғүмер!.. Өйләнергә лә өлгөрмәйһең, ҡышы үтә, яҙы ла килеп етә. ...Яҙ! Ләкин бер ни ҙә яҙып булмай әле. Күптән инде минең шиғыр яҙғаным юҡ. Мостай Кәримдең хаттарынан һуң яҙыу ҙа ҡурҡыныс. Ҡапыл үҙемде бик ҙур йөк күтәргән кеүек тоя башланым. ...Ә циклды һаман да бер төҫкә индереп булмай әле. Яҡшы итеп яҙаһы ине!..» Ҡулдан ҡәләмде төшөрөп, ижад дәртен һүндерә торған ҡурҡыу түгел был. Киреһенсә, тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тойоп, сәмләнеберәк йәшәү. Хаттарҙың ыҡсым ғына йомғаҡлау өлөшөндә дүрт йәш шағирҙың һәммәһенә төбәп әйтелгән һүҙҙәрҙе оноторлоҡмо ни? Ҡат-ҡат уҡыуҙан улар күңелгә уйылған. Бына былары бигерәк тә: «Миңә бер нәмә асыҡ – һеҙ әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫаһығыҙ... Һеҙ хәҙер үҙегеҙгә үҙегеҙ баш түгел, һеҙгә башҡорт совет әҙәбиәте баш. Шағирҙың яҙмышы шул! Һеҙ уның алдында – башҡорт совет әҙәбиәте алдында – яуаплыһығыҙ, уның яҙмышы, даны өсөн яуаплыһығыҙ». Мостай Кәримдең хаттарын уҡып, Рәмиҙе ҡотлаусылар күп булды. Ҡотлау һүҙҙәрен ҡәләмдәштәре лә аҙ ишетмәгәндер. Был хаттар менән әҙәби мөхиткә яңы нур бөркәгәндәй, еләҫ һауа тулғандай ине. Кешеләр, әлбиттә, ихлас теләктәр, маҡтау һүҙҙәре тураһында күберәк уйлай. Рәми Ғариповҡа яҙылған хаттағы был юлдарҙы улар бәлки онотҡандыр? Рәми өсөн иһә Мостай ағайҙың был һүҙҙәре һис кенә лә оноторлоҡ түгел: «Замандың һулышын поэтик тойоу, үҙ яҙмышыңды замандаштарың яҙмышында күрә белеү, тормошҡа актив мөнәсәбәт, донъяны биҙәү өсөн көрәшкә ынтылыу беренсе әҫәрҙәреңдең көсөн билдәләй, һинең поэтик мөмкинлектәрең хаҡында һөйләй. Ләкин был әле хәҙергә мейестәге утынды яндырып ебәреү өсөн сыраға тоҡанған ут ҡына, ут утынға тоҡанып, дөрләп янырға тейеш. Шундай хәлдәр ҙә була. Сыра янып бөтә, ә ут утынға тоҡанмай ҡала. Шағир яҙмышына күсергәндә ул шулай була – йәшлек ялҡыны тиҙ расходҡа сыға, ә тормош тәжрибәһе һәм аҡылы тупланып өлгөрмәй. Һин был хаҡта уйла әле». Был һүҙҙәрҙең аҫтына Рәми ҡуйы ҡара менән һыҙып ҡуйҙы. Бигерәк тә тәүге көндәрҙә ҡулға ҡабат-ҡабат алыуҙан газета таушалып бөттө. Мостай Кәримдең 1956 йылдың декабрендә – 1957 йылдың ғинуарында яҙыусыларҙың Балтик диңгеҙе буйындағы Дубулты ижад йортонда яҙылған «Ҡәләмдәш иптәштәргә хат»ындағы байтаҡ маҡтау-хуплау һүҙҙәренең йәштәрҙе дәртләндерер өсөн күберәк аванс рәүешендә әйтелгәнен хәҙер килеп нығыраҡ аңлайһың. 1957 йылды Рәмиҙәр яңы урында ҡаршылап, был ҡышты Сәйфи Ҡудаш урамындағы берәүҙең фатирында сыҡтылар: «Ғүмеремдәге иң ауыр адрес был! Хужаға хәҙер ике меңгә яҡын бирәсәк бар. Шуны түләү өсөн И. Франконың хикәйәләрен тәржемә итергә издательство менән договор төҙөштөм... Өй һыуыҡ, утын бөттө, бала өшөй, ҡатын ауырлы, ә үҙемдең эстә донъяға асыу ғына ҡайнай». Ләкин йәшлек барыбер үҙенекен итә, тормош алға бара. Фекерләшер ҡәләмдәштәр бар. Марат Кәримов менән бер-береһенә шиғырҙар уҡыйҙар. Рәссам Ғүмәр Мөхәмәтшин менән осрашҡанда һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Мәскәүҙән Рафаэль Сафин ҡайтҡан көндәр байрамға әйләнә. Нәшриәттә эшләүсе Сәләх Кулибай, Зөфәр Ғәбсәләмов, Ғабдулла Байбурин, Шакир Биҡҡолов, Василий Трубицындар һәр береһе ижад донъяһындағы яңылыҡтарға ҡарата үҙ фекерен әйтә, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр булып ала. Бының өсөн сәбәптәр етерлек, әҙәбиәт даирәһендә генә түгел, тотош ил буйынса ҙур ваҡиғалар бара. Нәшриәт аша күпме ҡулъяҙмалар ағымы үтә, бынан яҙыусылар өҙөлмәй. Кешенән көтәсәккә булһа ла аҡса алып, Рәми һаман да китаптар йыйыуынан туҡтамай. Ҡыҙыҡлы баҫма күрһә, күҙе дүрт була. Бына Стефан Цвейг килгән, ә кеҫәлә бер тин дә юҡ. «Ленинсы»ға йүгереп барһа, Марат Кәримов командировкала. Нисек тә сараһын табып, китапты ҡулға эләктерҙе. Донъяһын онотоп, Цвейгты уҡып ултырғанында киске мәктәпкә йөрөүсе Надя асығып ҡайтып керҙе. Өйҙә ҡапҡылап алырға бер нәмә лә юҡ. Рәми нисек тә ҡатынын картуф бешерергә күндерә: «— Давай тәмле итеп бәрәңге бешереп тороп ашайыҡ әле! Ул теләр-теләмәҫ кенә бәрәңге әрсергә тотондо. Мин кухняла уға Цвейгтың Горький тураһындағы портретын уҡыйым. Ғәжәп ҡанатлы һүҙҙәр!.. Горькийҙың башынан кискән бөтә нужалары, бөтә ғазаптары иҫ киткес шиғыр итеп яҙылған. — Бына, – тим мин, – Горький беҙҙең ише генә интеккәнме? Мин уның тормошон үҙебеҙҙеке менән сағыштырып ҡараһам, мин бит дворян?! Надя рәхәтләнеп көлә. — Ә һин просто королева! Бына һинең ҡулыңда әле әрсерлек бәрәңгебеҙ ҙә бар! — Әйтмә инде һинең дворянлығыңды!» Тормош сырайын һытҡанда ла йәшлек уға йылмайып ҡарай. Ижад шатлыҡтары көнкүрештәге ауырлыҡтарҙы оноттора. Яҙыусылар союзында Рәми Ғариповҡа бик яуаплы эш – Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары тураһында доклад яһарға ҡушҡайнылар. Быға бик ихлас тырышып тотонһа ла, докладының яртыһын ғына яҙып өлгөрҙө. Ҡалғанын ҡағыҙһыҙ ғына һөйләргә тура килде. Ҡаушап ҡалырмын тип ҡурҡҡайны, ләкин алдан уйлап йөрөгән күҙәтеүҙәрен бик ышандырырлыҡ итеп аңлатты. Кемдер менән бәхәсләшкән һымаҡ, һүҙҙәре лә табыла, фекергә фекер үрелә. Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын, хәҙерге шиғри эҙләнеүҙәрҙе киңерәк байҡар өсөн «Игорь полкы тураһында һүҙ»гә бәйле һуңғы ваҡытта барған бәхәстәргә лә ҡағылып үтте, Йософ менән Зөләйха ла, Ромео менән Джульетта ла, Гейне менән Таҡташ та, натурализм менән формализм да бер епкә килеп теҙелә. Көтөлмәгәнсә ҙур иғтибар менән тыңлайҙар, Рәми ғәҙәттә юмор менән һөйләшмәһә лә, көлөп алалар. Докладсы үҙенең һәләтенә үҙе аптырап ҡуя. Бына һиңә һүҙҙәр шаманы!.. Шиғриәт секция ултырышында Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары тураһында һөйләшеүҙә тәжрибәле шағирҙар ҙа байтаҡ була. «Секция исеменән рәхмәт әйтке килә, – ти Хәким Ғиләжев. – Быға тиклем бындай докладтың булғаны юҡ ине әле». «Башҡа секцияларҙа ла бына шундай сығыштар булһын ине», – тип ҡуя Сәғит Агиш. «Кисәге ғәжәп искренно, тәрән, доброжелательно һөйләгәнең өсөн», – тип, иртәгәһенә нәшриәткә килгән Ғәйнан Әмири Рәмиҙең ҡулын ҡыҫа. Докладсы үҙен бик әҙерлекһеҙ тойһа ла, уның ҡуйылған тәүге оло бурысты яҡшы үтәп сығыуын маҡтайҙар. Башҡорт әҙәбиәтендә артабан һәр береһе күренекле урын аласаҡ Рәми Ғарипов менән Әнғәм Атнабаевтың ижади бәйләнештәре тәүге аҙымдарҙан уҡ бына шундай талапсан һөйләшеүҙән, етди аралашыуҙан башлана. Уларҙың мөнәсәбәттәрен төрлөсә ҡырҡыулаштырырға, ике оло шәхесте нисек тә сәкәштерергә маташыуҙар ҙа буласаҡ, ләкин ижади тәбиғәттәре буйынса ғәйәт ныҡ айырылған был ике таланттың бер-береһенә ҡарашы, мөнәсәбәте иң элек әҫәрҙәрҙең сифат тамғаһы менән билдәләнәсәк. Рәми Ғариповтың 1957 йылда март аҙағында шиғриәт секцияһында ярым яҙма, ярым телдән әҙерләнгән был телмәренең тезистары булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған. Йәш шағирҙың әҙәби йәмәғәтселек алдындағы был тәүге ҙур сығышы менән танышыу уның шул осорҙағы эстетик принциптарын асыҡлау өсөн бик ҡыҙыҡлы булыр ине. Ошо сығышҡа әҙерләнгәндәге уның күҙәтеүҙәре эҙһеҙ юғалмаған, 1958 йылда баҫылып сыҡҡан «Юлдағылар» тигән мәҡәләгә ингән. Был мәҡәләгә алда бер ни тиклем туҡталып үтелер. Рәми Ғарипов төрлө быуын әҙиптәре алдында үҙенең ҡәләмдәшенең шиғырҙарын байҡап, беренсе тапҡыр бик яуаплы сығыш яһарға әҙерләнгәндә башҡорт әҙәбиәтендә ижад хаҡында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәргә талаптар яңы эстетик юғарылыҡҡа күтәрелә башлағайны. Рәмиҙең байҡауын тыңлағас, Хәким Ғиләжевтең: «Быға тиклем бындай доклад булғаны юҡ ине әле», – тип әйтеүе ерле юҡтан түгел. Ғариповтың фекерләү үҙенсәлегендә ошо осорҙағы башҡорт әҙәби мөхитендәге мөһим тенденциялар сағыла. Был үҙгәрештәр иң элек шиғриәттә башланды. Мәскәү мәктәбендә ижад серҙәренә өйрәнгән, донъя классикаһы, хәҙерге ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәр менән нығыраҡ танышҡан Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов башҡасараҡ яҙҙылар, яңысараҡ фекер йөрөттөләр. Ләкин үҙгәрештәр был шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән генә сикләнмәй. Шиғриәттең образлы тәбиғәтенә, әҫәрҙәрҙең эске структураһына иғтибарҙың, оҫталыҡҡа талапсанлыҡтың артыуы, һүҙҙең нескәлектәренә үтеп инеү көн талабына, заман тамғаһына әйләнә барҙы. Мостай Кәримдең «XX съездан һуң минең ижадыма яңы һулыш өрөлдө. Был хаҡта элегерәк тә телгә алғаным булды, бынан ары ла раҫлаясаҡмын», – тип әйткәне бар. Аҡыл эйәһенең йылдар үткәс быны тәҡрарлап иҫкә төшөрөүе айырыуса мөһим. Ысынлап та, партияның егерменсе йыйыны фекер үҫеше өсөн байтаҡ иркенлектәр тыуҙырҙы. Мәҫәлән, «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ҙың яҙылыуын ил тормошондағы тарихи ваҡиға менән туранан-тура бәйләмәгән хәлдә лә, йәш шағирҙарға ҡарата бындай хәстәрлекле мөнәсәбәт, ижад тураһында ошолай ихлас Һәм иркен һөйләшеү барыбер яңы ижтимағи шарттарҙа тыуған ҡыуаныслы күренеш булды. Нәҡ ошо осорҙа Ғайса Хөсәйенов башҡорт тәнҡитселәренән беренсе булып «Илле алтынсы йылдың поэтик йомғаҡтарына ҡарата» тигән күҙәтеү менән сығыш яһаны. Белинскийҙың «Взгляд на русскую литературу 1846 года», «Взгляд на русскую литературу 1847 года» һымаҡ рус ижтимағи фекер үҫешендә классик әҫәрҙәргә әйләнгән байҡауҙарынан һуң был традиция оҙаҡҡа өҙөлөп ҡалғайны. Йәш Мостай Кәримдең «1940 йылдың ҡайһы бер әҙәби күренештәре тураһында» тигән мәҡәләһе шул осорҙа мөһим башланғыс булды, әммә һуғыш арҡаһында был күренеш эҙмә-эҙлекле үҫеп китә алманы. Илленсе йылдарҙа иһә Ғайса Хөсәйенов йыллыҡ һөйләшеүҙәрҙе даими күренешкә әйләндерҙе. Уларҙың шиғриәт буйынса башланыуы осраҡлы хәл түгел. Тимәк, был өлкәләге эҙләнеүҙәр, табыштар уйланыуҙар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы. Шиғриәт секцияһында әҙәби йыл йомғаҡтары хаҡындағы был беренсе докладында Ғайса Хөсәйенов хәҙер лирик шиғырҙарҙың ҙур урын алыуына иғтибар итте, ундағы ошондай үҙенсәлеккә баҫым яһаны: «Әгәр 1954-1955 йылдарҙа яҙылған күпселек лирик шиғырҙарҙа, башлыса, мөхәббәт, тәбиғәт картиналары тасуирланһа, үткән йылғы лирикала бай һәм ҡатмарлы тормоштоң төрлө өлкәләрен, тормош философияһын лирик планда тәрәнерәк кәүҙәләндерергә ынтылыш бар». Тәнҡитсе башҡорт шиғриәтенең үҫешендә мөһим сифаттарға әйләнәсәк тенденцияларға – лириканың алғы планға сыға башлауына, уй-кисерештәр төрлөлөгөнөң, фәлсәфәүи уйланыуҙарҙың көсәйеүенә иғтибар итә. Бында һүҙ шиғриәттең киләсәк яҙмышын билдәләүсе, уның яңы, нәҡ образлы фекерләүҙең асылына хас сифаттарын нығытыусы күренештәр тураһында бара. Йәш шағирҙарҙың ижади эҙләнеүҙәре нәҡ бына шул йүнәлештә үҫте. Ғайса Хөсәйеновтың 1956 йылғы шиғриәтте күҙәтеүҙәрендәге һуңғы юлдарға иғтибар итәйек: «Шағирҙар поэзия хаҡында, ижад эштәре тураһында матбуғатта онотҡанда бер генә сығыш яһайҙар. Ҡәләмдәштәренең ижадтарын, яңы китаптарын баһалап сығыусы шағирҙар бик һирәк. Поэзияға баһа биреү бер тәнҡитселәрҙең эше генә түгел бит; уға яҙыусылар, шағирҙар ҙа ҡатнашырға бурыслы». Ғайса Хөсәйеновтың күҙәтеүҙәрендә йәштәр шиғриәте хаҡында махсус һүҙ юҡ. Марат Кәримовтың «Бөрөләр», Рафаэль Сафиндың «Тормош ҡушыуы», Карам Бакировтың «Ер йылыһы», Абдулхаҡ Игебаевтың «Тыуған ер» китаптары атап ҡына кителә. Башҡа исемдәр бөтөнләй телгә лә алынмай. Гәрсә нәҡ ошо ваҡытта Мостай Кәрим «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ҙы яҙа. Һәр кем донъя ағышын, шул иҫәптән шиғри хәрәкәтте үҙенсә күрә. Артабанғы йыллыҡ күҙәтеүҙәрендә Ғайса Хөсәйенов шиғриәт майҙанында үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ таныта барған йәштәргә нығыраҡ иғтибар итәсәк. Ҡәләмдәштәренең китаптарын баһалап матбуғатта сығыш яһамаһа ла, Рәмиҙең һәр көнө әҙәбиәт донъяһында үтә. Инде нисәмә йылдар ошондай бәйләнештә йәшәлә. Элекке йылдарҙа туҡтауһыҙ уҡыусы һәм үҙе лә ижад итергә ынтылыусы булһа, газетала эшләгәндә инде күпме авторҙарҙың әҫәрҙәренә киң донъяға юл асты йәки, тураһын әйтеп, кире ҡағырға тура килде. Бына инде китап һынлы китапты уҡыусыларға еткереүҙә иң яуаплы хеҙмәтте атҡараһың. Баҫманың сифаты һинең тырышлығыңдан, белемеңдән, талапсанлығыңдан тора. Эш башлау менән Бабичтың, Юлтыйҙың һайланмаларын, Крыловтың басняларын, «Йәш көстәр» альманахын, Тагорҙың хикәйәләрен, Горькийҙың «Фома Гордеев» китабын редакторлап сығарыуҙы йөкмәттеләр. Бөтә күңелен биреп эшләп алып китте. Көнкүреш шарттары йәшәп булмаҫлыҡ хәлдәргә килтереп терәгәндә лә, хатта кешеләргә ышанмай башлаған, барыһына ла шикләнеп ҡараған саҡта ла Рәми сабырлығын юймаҫҡа, өмөт менән йәшәргә тырышты. Үҫмер саҡтан үҙен шулай сыныҡтырған, ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшөрлөк түгел. Быйылғы ҡыштың тәнде генә түгел, күңелде лә туңдырған саҡтары ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ. Бына тиҙҙән Рәмиҙең ғаиләһе артырға тора. Был яңылыҡ шатланыуҙан бигерәк борсоулы уйҙарҙы күберәк тыуҙыра. «Көн һайын шул тормоштан бер өс-дүрт сәғәткә генә булһа ла юғалып тораһым һәм бер кемде лә күрмәйенсә, бер кемде лә ишетмәйенсә туйғансы, хәлдән алйып йығылғансы яҙаһым килә... Эштән тик бер хыял, тик бер теләк менән ҡайтам: бер-ике сәғәт кенә булһа ла, яҙып ултырһаң ине» (Көндәлектәр, 8.04.57). Рәми көткән был көндәр, ниһайәт, килде. «Беҙ Мәскәүгә китәйек, ә һин иркенләп эшлә», – тип, ҡатыны мәктәптәге уҡыуын, директор менән һөйләшеп, алдан бөтөрҙө. 26 апрелдә Рәми уны улы менән Мәскәүгә ҡәйнәһенә оҙатты. Һағынып алған яңғыҙлыҡҡа ла өйрәнеп китеүе ҡыйын икән. «Күңелдә әллә ниндәй бушлыҡ» (28 апрель). «Күңелһеҙ! Эс бошоп тик тора. Үҙем кешеләр араһында, үҙем япа-яңғыҙмын» (29 апрель). Күңел ошондай мәлдәрҙе теләп тә ала алмайынса зарыға ине, хәҙер килеп, хыялы тормошҡа ашҡас, яңғыҙлыҡтан болоҡһой. 30 апрелдә тәүге күк күкрәүе, Май байрамындағы тәьҫораттар, иптәштәр менән аралашыуҙар көндәрҙе үҙенсә төрләндерҙе. 2 майҙа Рәми Ғарипов «Туған тел» исемле шиғырын яҙҙы. Һәр ижадсының тормошонда айырыуса илаһи мәлдәр була. Күпселегенең тотош ғүмере тынғыһыҙ профессиональ хеҙмәт менән үтһә лә, көндәрҙең береһендә күк ҡабағы асылған һымаҡ, шул балҡыш сәғәттәрендә ижадсы, әйтерһең дә, барлыҡ йыһан менән тылсымлы бәйләнештә йәшәй. Был уны үҙе, әлбиттә, тойоп та еткермәй, илһамлы сәғәттәрҙең яҡтылығы ошо мәлдә яҙылған әҫәрҙә юйылмаҫлыҡ нур булып уйылып ҡала. Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры бына шундай тылсым тамғаһы уйып һалынған әҫәрҙәрҙән. Ул яҙылған көндө шағир үҙен, бәлки, бик ҙур көсөргәнешлектән ҡотолған һымаҡ тойғандыр. Ә бәлки, шиғыр бер тынала күңеленән түгелеп төшкәндер. Яңы әҫәренең әһәмиәтен әле ныҡлап аңлап-баһалап та еткермәгәндер: «Эс боша. Иҙел буйына барып ултырҙым. Быйыл Ағиҙел шул тиклем ташҡан – хатта иге лә, сиге лә күренмәй». Был кисерештәр «Туған тел» яҙылғас булғанмы, әллә Ағиҙел буйҙарынан йөрөп ҡайтҡас, шағир илһамланып ҡәләмгә тотонғанмы? Быны хәҙер белеүе ҡыйын, эш унда түгел. Иң мөһиме шул: йылғалар ташып ятҡан ошо яҙҙа Рәми Ғариповҡа илһам ташҡын булып килә. Донъя ығы-зығылары онотола, хатта китаптарға ла, көндәлеккә лә ҡул теймәй. Илһамлы май айы «Туған тел»дән башлана, туҡтауһыҙ ижад эше менән үтә. Айҙың һуңғы көнөндә шағир: «Рәхәтләнеп эшләнем! Был көндәр минең өсөн иң яҡты, иң матур көндәрем ине», – тип йомғаҡ яһай. Бындай рәхәтләнеп эшләүҙәр йыш булмай, бындай һүҙҙәрен шағир һирәк әйтә. «Әсәм ҡулдары» Мәскәү осорондағы ижади үҫештең яңы бейеклеген билдәләһә, «Туған тел» менән Рәми Ғарипов шиғриәтенең төп идея-эстетик программаһы квинтэссенция рәүешендә әйтеп бирелде тиергә мөмкин. Туған телгә мөхәббәт, милләт яҙмышы, халыҡҡа тоғролоҡ тураһында уйланыуҙар, рухи хазиналарҙың киләсәген хәстәрләү – йылдар буйы йыйылып килгән, көсәйгәндән-көсәйә барған ошо инаныуҙар «Туған тел»дә дүрт строфалыҡ шиғри манифесҡа әйләнде. Һис бер ижтимағи шарттарға, сәйәси конъюнктураға буйһонмаған, һәр дәүер өсөн универсаль, зарури булған мәңгелек хәҡиҡәттәр бар. Уларҙың бик күптәре кешелектең дини тәғлимәттәрен тыуҙырған бөйөк китаптарҙа, халыҡ ижадында тупланған, улар көн дә доғалар рәүешендә ҡабатлана, мәҡәлдәр итеп әйтелә. «Туған тел» тураһында һүҙ сыҡҡас, донъя фекере үҫешендәге бөйөк үрнәктәрҙе иҫкә алыу һис кенә лә Рәми Ғариповтың был шиғырын шул мәңгелек ҡиммәттәргә тиңләштерергә тырышыу түгел, әлбиттә. Ләкин барыбыҙ өсөн дә күптән билдәле был дөрөҫлөктө шағирҙарыбыҙ ошолай тапҡыр һәм йыйнаҡ итеп быға тиклем нисек әйтмәгән тип аптырамай ҙа булмай. 1957 йылдың 2 майында башҡорт шиғриәтенә бына ошондай юлдар өҫтәлә: ТУҒАН ТЕЛ И туған тел, и матур тел, Атам-әсәмдең теле!.. Туҡай Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да – йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел – Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, – Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә – сәсән теле, – Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ! Был шиғырҙа бер генә лә хайран ҡалырлыҡ образдар, көтөлмәгән сағыштырыуҙар ҙа, йыһандарҙы иңләгән масштаблылыҡ йәки традицияларҙы емереүсе формалар ҙа юҡ. Барыһы ла күнегелгән шиғри ҡалыптарҙа, барыһы ла бик ябай ғына итеп әйтелгән. Ләкин тәү ҡарашҡа бик һалмаҡ ҡына аҡҡан, бер-береһенә тыйнаҡ ҡына үрелеп барған был юлдар үҙҙәренә күпме эске энергия, фекер динамикаһы туплаған. Ябайлыҡта бөйөклөк тигән бик хаҡлы һүҙҙәрҙе был осраҡта ҡабатлауҙан ғына Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырындағы йөкмәтке тәрәнлеге асылып китмәҫ. Строфаларҙы баштан аҙаҡҡаса ентекләп ҡарап сығыу, моғайын, хәйерлерәк, маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр. Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, тәүге юлдарҙа уҡ ижадтың төп нигеҙе, йәшәйешенең төп шарты үҙәккә ҡуйыла. Шағир менән халыҡ – был изге берҙәмлек тураһында Рәмигә тиклем күпме ҡанатлы һүҙҙәр әйтелгән. Барлай башлаһаң, хәтерҙә Салауаттың ялҡынлы телмәре яңынан тоҡана: Батырмын тип кем әйтмәй, – Яу килгәндә йүне юҡ; Сәсәнмен тип кем әйтмәй, – Дау килгәндә өнө юҡ. Үҙенең ижад кредоһын Мәжит Ғафури 1912 йылда «Үҙем һәм халҡым» шиғырында бик тапҡыр әйткән: Бер аҙым алға баҫам да, Әйләнәм мин артыма, Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, Күҙ һаламын халҡыма. Шәйехзада Бабичтың ҡанатланып та, һыҙланып та яҙған һүҙҙәре лә бына халыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Улар Рәмиҙең дә йөрәгенә уйылған: Йәш сағым, алтын сағым, Ялҡын сағым булһын фиҙа Халҡым алдында минең Биргән таҙа антым өсөн. Бөйөк Туҡай ҙа бит милләттәштәрен «Әйҙә халыҡҡа хеҙмәткә, хеҙмәт эсендә йөҙмәккә» тип, изге эштәргә саҡырған. Һәр шағир был мөҡәддәс бурыс хаҡында ҡабатланмаҫ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Рәми Ғарипов был мәңгелек тема хаҡында һүҙҙе бик ғәҙәти, әлегә башҡалар иғтибар итмәгән образдарҙан башлай: халыҡтың бер ваҡытта ла һулымаҫ сәскә күңеле һәм, шундағы ынйыларҙы йыйып, бал ҡортондай кәрәҙ ҡойоусы шағир. Ижади хеҙмәттең асылы тәүге строфала бына ошондай бик тормошсан күренештә күҙ алдына баҫа. Үҙенең принципиаль ҡараштарын, үткер фекерҙәрен яҡлар һәм раҫлар өсөн ныҡлы ерлекте шағир шулай нигеҙләп ҡуя. Артабан инде туған телгә инаныу, уның яҙмышын хәстәрләү строфанан строфаға көсәйтелә бара. Хәҡиҡәтте инҡар иткеһеҙ дәрәжәлә иҫбатлар өсөн шағир икенсе һәм унан һуңғы строфаларҙағы һүҙҙәрҙе мәҡәл мәргәнлегендә сатнатып әйтә. Ҡайһы юлды ғына алып ҡарама – ҡойоп ҡуйған афоризм: «Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле», «Әсәм теле миңә – сәсән теле», «Иле юҡтың ғына теле юҡ», «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ» һ.б. Мәҡәлгә тиң юлдарҙың һәр береһен теҙә башлаһаң, шиғырҙы яңынан тотошлайы менән күсерергә тура килер ине. Тапҡыр һүҙҙәрҙән туҡылған «Туған тел» шиғыры бер көндә (бәлки, бер-ике сәғәттәлер) яҙылһа ла, уның рухы шағир күңелендә йылдар буйына тупланған, аңының ҡатламдарында тулышып йөрөгән, әлбиттә. «Йөрәгендә халҡы булған кешеләр беҙҙә аҙ шул» һымаҡ һүҙҙәр яҙмаларға юҡтан килеп инмәгән. Газетала ла, нәшриәттә лә, башҡа ваҡыттарҙа ла һүҙ хеҙмәтендә булып та телде белмәгән, һүҙ ҡәҙерен аңламаған кешеләр менән бәхәсләшкәндә Рәмиҙең йөрәге аҙ янмаған. Бала саҡтан туған теленең байлығына һоҡланған, уҡыған сағында һүҙлектәр төҙөгән, әле лә дәфтәренә меңәрләгән мәҡәлдәрҙе йыйған, һүҙҙең көсөнә мөкиббән китеп табынған шағир ҡасандыр барыбер ошондай шиғыр яҙырға тейеш булғандыр. «Туған тел» киң таралған ун-туғыҙ үлсәмендәге традицион формала яҙылһа ла, һүҙҙәрҙең үтемлеге яғынан ил яҙмышы хәл ителер халыҡ йыйынында сәсәндең ҡобайыр әйтеүен хәтерләтә. Тимәк, хикмәт яңы формалар табыуҙан да бигерәк йөкмәткелә, шағирҙың иҫке һүҙҙәрҙе яңыса балҡыта, быға тиклем күтәрелгән мәсьәләләрҙе яңыса яңғырата алыуында. Туҡайҙың «И туған тел, и матур тел, атам-әсәмдең теле» тигән нисәмә быуын кешеләрҙең теленән төшмәгән һүҙҙәрен эпиграф итеп алыу боронғоларҙың аманатын ишеттергәндәй. Тел һағындағы эстафетаны дауам итеп, Рәми көтөлмәгән образдарға юлыҡмаған, шул уҡ ваҡытта новаторлыҡ оҫталығына ирешкән. Был осраҡта шағирҙың новаторлығы һүҙ менән фекер берлегенә ирешеү маһирлығында. Әҫәрҙә шиғри юлдарға максималь йөкмәтке һалына, унда буш урын юҡ, нимәнелер кәметеп тә, өҫтәп тә булмай. Һөҙөмтәлә, автор юғары уй-кисерештәр концентрацияһына ирешә. Шағир бында кисерештәрен тыйыбыраҡ тота, фекерҙе үтемлерәк итергә, һәр һүҙ эсенә күберәк уй йоморға тырыша. Ирекһеҙҙән һандар өсөн универсаль булған математик формулалар иҫкә төшә. «Туған тел» шиғырында Рәми Ғарипов тел тураһындағы борсоулы уйланыуҙарын, һүҙгә инаныуын инҡар итә алмаҫлыҡ, һәр кемдең зиһененә инеп ҡалырлыҡ шиғри формула камиллығына еткерә. Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында хронологик һөйләүҙән алғараҡ китеп, «Туған тел» шиғырына бәйле ошондай деталгә иғтибар итеп үтергә кәрәк. Был әҫәр яҙылған осорҙа нисек булғандыр, уныһын белмәйем. Әммә Рәми Ғарипов менән алтмышынсы йылдарҙың баштарынан алып шиғри кисәләрҙә бергә ҡатнашыусы булараҡ шуны әйтә алам: һәр бер осрашыуҙа шағир үҙенең сығышын мотлаҡ ошо әҫәрҙән башлай торғайны, был ғәҙәтен бер ваҡытта ла боҙмаҫ ине. Тимәк, «Туған тел»де ул ижадындағы иң мөһим күренештән һанаған. Был шиғыр яҙылғандан һуң шағирға йәшәргә насип булған егерме йыл эсендә ул күп аҫыл юлдар яҙасаҡ, әммә «Туған тел» уның өсөн иң ҡәҙерлеһе булып ҡаласаҡ. Бының сәбәбе шиғырҙың художество ҡиммәттәре менән генә билдәләнмәй. Был әҫәр Рәми Ғариповтың алдан күреү, илдәге ижтимағи ваҡиғаларҙың ниндәй хәүефтәр тыуҙырасағын бик зирәк тойоу һәләтен дә күрһәтә. «Туған тел» шиғыры яҙылған 1957 йылда СССР-ҙағы милли телдәрҙең яҙмышына ниндәйҙер хәүефле хәлдәр туранан-тура янамай ине әле. Ләкин бик тиҙҙән рәсми дәүләт сәйәсәтенең уларға һөжүме башланды. Рәсәй өлкәләрендә генә түгел, хатта автономиялы республикаларҙың үҙҙәрендә милли мәктәптәрҙә уҡытыу туған телдән күпселектә рус теленә күсерелде, милләттәрҙе рухи тамырҙарынан көсләп айырыу илдәге үҫештең прогрессив юлы тип иғлан ителде. Илдәге байтаҡ шағирҙар халыҡтарға ҡарата бындай рухи дискриминацияға ҡаршы күтәрелеп сыҡтылар. Мәҫәлән, Рәсүл Ғамзатовтың атаҡлы «Туған тел» шиғыры шундай протестарҙың иң ҡыйыуы булараҡ тотош илгә яңғыраны. Милли телдәрҙе емертеүсе был зарарлы күренештәрҙе Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғыры менән ҡаршыланы. Был әҫәр ижад ителгәндә Ғамзатовтарҙың ораны тыумағайны әле. Тел яҙмышындағы хәлдәр киҫкенләшә барған һайын Башҡортостан уҡыусылары араһында Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырындағы әйтелгән һүҙҙәр, ҡәтғи талаптарҙың актуаллеге йылдан-йыл нығыраҡ артты. Телдәргә һөжүм көсәйгәндә шағирҙың осрашыуҙарҙағы һәр сығышты нәҡ ошо әҫәрҙән башлауы шулай уҡ бик урынлы. Донъя әҙәбиәте тарихында әҫәрҙәр ҡайһы саҡта сәйер хәлдәргә дусар була. Әйтәйек, Рәсүл Ғамзатовтың «Туған тел»е Башҡортостанға килеп еткәнсә үк Рәми Ғариповтың «Туған тел»е башҡорт уҡыусылары араһында таралып өлгөргән, әйтелгән һүҙҙәр илдә яман күренештәр тамыр ебәргәнсә үк күптәрҙе уйға һалған. Ләкин СССР-ҙағы, сит илдәрҙәге күпме халыҡтар араһында нәҡ авар шағиры Ғамзатов туған телде ҡыйыу яҡлаусы булып танылған. Гәрсә башҡорт шиғриәтендә был проблеманы уға тиклем үк күтәреүсе, һәр һүҙен еренә еткереп әйтеүсе булған. Тағы ла бер миҫал. Рәмиҙең яҡын ҡәләмдәше Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» исемле атаҡлы шиғырын белмәгән шиғриәт һөйөүсе беҙҙә һирәктер. Әҫәр баҫылып сығыу менән үк халыҡ теленә күсте, әле лә сәхнәләрҙән һөйләнелә. Шағир бәйән иткәнсә, яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың яҙ һайын ҡыр ҡаҙҙары булып илгә ҡайтыуҙары, уларҙың йөрәк һүҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғыр кисәләрендә халыҡты тетрәндергәндә Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәренә Ян Френкелдең мәшһүр «Торналар» йыры әле донъяға тыумағайны. Был моң аҙаҡ миллион күңелдәрҙе арбап алғанда башҡорт шиғриәте менән аҙмы-күпме таныш кеше Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары»н, моғайын, иҫенә төшөргәндер. Ҡошҡа әйләнгән һалдаттар беҙҙең уҡыусыға Ғамзатов шиғырына тиклем үк таныш ине. Ләкин нәҡ авар шағирының һүҙҙәре, үҙәк өҙгөс моңға әйләнеп, донъяны ураны. Боронғо шиғырҙа әйтелгәнсә, «был донъяның таки ғәжәп хәлдәре бар». Тарих шундай миҫалдарҙы ла белә: Рәсәйҙәге күпме техник асыштар үҙ ваҡытында файҙаланылмай ҡалған, ә был өлкәлә тәүге юл ярыусы булып сит илдәрҙәге башҡа берәү танылған. Ошоға оҡшаш яҙмышты ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәр ҙә кисергән. Рәми Ғарипов тураһындағы һүҙебеҙ бер ни тиклем ситкә китте. Шағирҙың киң билдәле әҫәренә бәйле уйланыуҙарҙы ошондай һығымта менән йомғаҡлағы килә: «Туған тел» һүҙ маһирлығының да, фекер үткерлегенең, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Шағир оҫталығының камиллашыуы, ҡараштарының киңәйеүе ошондай күренештәрҙең тыуыуына килтерҙе һәм был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тураһында беренселәрҙән булып иҫкәртте. Илленсе йылдарҙың аҙаҡтарына табан СССР халыҡтары араһындағы бәйләнештәрҙең артабан нығыныуына яңы мөмкинлектәр асылды. Рәсәйҙәге милли әҙәбиәттәрҙе рус теленә тәржемә итеүгә иғтибар артты. РСФСР Яҙыусылар союзының төҙөлөүе был йүнәлештә мөһим ваҡиға булды. Ойоштороу пленумының 1958 йылдың яҙында Өфөлә үткәрелеүе, байтаҡ күренекле әҙиптәрҙең килеүе республика тормошонда оло ваҡиғаға өйләнде. Уртаҡ актуаль мәсьәләләр нығыраҡ асыҡланды. Был һөйләшеүҙәргә башҡорт әҙәбиәте эске әҙерлек менән, ижад тәжрибәһе туплап, күренекле әҫәрҙәр тыуҙырып килде. Был процесҡа йәш шағирҙар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Хәҙер 1957 йылдың майына әйләнеп ҡайтайыҡ. Был көндәрҙә шиғырҙар байтаҡ яҙылды. Улар яңы йыйынтыҡҡа туплана барҙы. Яҙылғандарҙың һәр береһе күңелгә яҡын булһа ла, «Туған тел» айырым урын алып тора. Ундағы һәр һүҙҙе автор шул тиклем талапсан һайланы. Яҙылып бөткәс тә шиғырға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтты. Уҡыған һайын һоҡланып ҡуя, әммә был тойғоһон иптәштәренә әйтеү түгел, хатта үҙенән йәшерергә тырыша. Тик 11 майҙа ҡатынына яҙған хатында «Туған тел» хаҡында махсус һүҙ әйтелә: «У меня, оказывается, очень много новых стихотворений, около пятидесяти! А вот последнее, самое лучшее и самое нужное: «Родной язык» (шиғыр тулыһынса килтерелә – Р.Б.)... Надя, если бы ты знала, как это мощно и гордо звучит на башкирском языке! Почти каждая строка – пословица, рожденная в моем сердце, – для сердца! Все мои стихи можно забыть, но это стихотворение нельзя забыть тому, кому дорог башкирский язык! Я не сказал, как Тургенев о русском языке, что мой язык тоже «великий», но сказал, что этот язык не низкий, а кто его считает таковым, тот сам низок». Яңы шиғыры тураһында шағирҙың ошолай өндәү билдәләре ҡуйып яҙыуы үҙ ижадының баһаһын белеүҙән дә бигерәк үҙенә иң юғары талап ҡуйыуы ул. Был осорҙа байтаҡ яңы шиғырҙар яҙыла. Ләкин уларҙың иллегә яҡын булыуы тураһындағы мәғлүмәт кенә бер аҙ аптырашта ҡалдыра. Ошо ваҡыт эсендә тыуған был тиклем яңы әҫәрҙәр матбуғатта ла баҫылмаған, Рәмиҙең китаптарына ла инмәгән, архивында ҡулъяҙма хәлдә лә һаҡланмаған. Мәсьәлә уларҙың һанында ғына түгел. Шағир ижадында яңы бәрәкәтле көндәр башлана. Мәскәүҙән ҡайтҡаны бирле иң илһамлы ваҡыт тиергә мөмкин. 1957 йылда «Туған тел»дән тыш «Күстәнәс», «Ялан сәскәләре», «Ер менән күк» исемле шиғырҙар яҙыла. «Ауыр булыр һиңә минең менән», «Һуңғы осрашыу», «Үҙ-үҙеңде алдама һин» һ. б. лирик уйланыуҙар фәлсәфилекте көсәйтә. «Сыйырсыҡ» менән «Ҡолонсаҡ» иһә уның ижадына бөтөнләй яңы һулыш килтергәндәй булды. Уларҙа фольклор традициялары ла, Ғабдулла Амантайҙың, Мостай Кәримдең балаларға тәғәйенләнгән әҫәрҙәрендәге башланғыстар ҙа үҙенсә үҫтерелде. «Сыйырсыҡ»тағы: Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ! Ояңдан осоп сыҡ! Оҡшаһа был өйөң, Түгелһен моң-көйөң! һымаҡ юлдар йәки «Ҡолонсаҡ»тағы: Сабып килә ҡолоном, Текә һуғып тояғын. Томбойоҡтай еҙ шөңгөрө Йәмгә күмә ян-яғын. Янып торған сылт ҡара ул, Ял-ҡойроғо ялтырай. Күгәрсендәр ҡунған булһа, Түшкенәһе ҡалтырай, кеүек йәнле һүрәттәр Рәми Ғарипов шиғриәтенә өр-яңы биҙәктәр өҫтәне. Хәҙер инде шағир икенсе китабына ныҡлап тотондо. «Ташҡа ырып яҙған китабым» Рәмиҙең «Туған тел» шиғырын тулыһынса индереп яҙған әлеге хатында шундай һүҙҙәр бар: «Скоро я сдам свою книжку – и будет лучше!» Был хәбәр, бәлки, ҡатынын тынысландырыр өсөн әйтелгәндер. Йәки йыйынтығын шағир, бәлки, ысынлап та тамамлаған һымаҡ булғандыр. Ләкин был эш әле байтаҡ ваҡыт дауам итәсәк. Көндәлектәрендә, хаттарында Рәми нәшриәттә үҙе редакторлаған китаптарҙы ҡат-ҡат телгә ала. Ҡайһы берҙәрен планға индерелмәгән көйө эшләй. Былар барыһы ла көс, ваҡыт талап итә. Уның ҡулынан үткән китаптар араһында «Йәш көстәр» альманахы ла бар. Уның хаҡында шуныһын айырым әйтергә кәрәк: байтаҡ ваҡыттар урыҡ-һурыҡ ҡына донъя күреп, хәҙер инде йыл да сыға башлаған был йыйынтыҡ йәш авторҙар араһында иң популяр баҫма. Бының бик етди сәбәптәре бар. Башҡорт әҙәбиәтенә, бигерәк тә шиғриәткә килеүсе йәш көстәрҙең илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында көслө тулҡын булып көндән-көн нығыраҡ тупланған сағы. Абдулхаҡ Игебаевтың, Рәми Ғариповтың, Марат Кәримовтың, Рафаэль Сафиндың тәүге китаптары баҫылып сыҡты. Тәнҡитсе Ғайса Хөсәйенов матбуғатта йыш күренә. Уның «Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре» (1957) исемле йыйынтығын Рәми корректурала көйө үк Зөфәрҙән алып бер төндә йотлоғоп уҡып сыҡты. Башҡорт дәүләт педагогия институтында әҙәби түңәрәк гөрләп эшләй. 1957 йылдың көҙөнән университетҡа әйләнгәс, был уҡыу йортоноң абруйы тағы ла нығыраҡ артты. Бында уҡып йөрөүсе йәки яңыраҡ ҡына тамамлап сыҡҡан Булат Рафиҡов, Миәссәр Басыров, Шакир Бикҡолов, Әнүр Вахитов, Әхмәт Ғайсин, Ғәлим Дәүләтов, Ихсан Әхтәмйәнов, Йәғәфәр Вахитов, Мариус Мәҡсүтов, Рәйес Фәтҡуллиндың шиғырҙары, Мөхтәр Сәғитов, Миңнеғәли Яҡупов һ.б. хикәйәләре республика матбуғатында күренә. Ким Әхмәтйәнов, Марат Минһажетдиновтың тәнҡиттә тәүге тәжрибәләр туплаған сағы. Зөфәр Ғәбсәләмовтың мәҡәләләре, рецензиялары айырыуса йыш баҫыла, исемен ололар ҙа, йәштәр ҙә яҡшы беләләр. Студент сағында уҡ уны иптәштәре шаярыу ҡатыш хөрмәт менән Белинский тип йөрөтөргә күнегеп киткәйне. Былай атауҙарына Зөфәр үҙе лә ҡаршы түгел. Нәшриәттә Рәми уның менән бергә эшләп йөрөй. Шағирҙың икенсе китабының редакторы ла ул. «Йәш көстәр» альманахының йөкмәткеһен күпселектә бына шул студенттарҙың яҙғандары тәшкил итә. Йәйге каникулдарҙан йыйылыу менән улар, ҡулъяҙмаларын тотоп, нәшриәткә ашыға һәм альманахтың киләһе йыл сығасаҡ сираттағы китабы туплана. Матбуғатҡа ул саҡтағы ҡытлыҡты хәҙерге газета-журналдарға муллыҡ менән сағыштырырлыҡ түгел. Йәштәр өсөн берҙән-бер милли баҫма – «Ленинсы» газетаһы, уныһы ла дубляж булып ҡына сыға. Уны үҙ аллы башҡортса газетаға әйләндереү тураһында коллектив хаттар ҙа яҙылды – юғарынан шатлыҡлы яуаптар килмәне. Өлкә партия газеталарына, «Әҙәби Башҡортостан» журналына йәштәргә үтеүе ҡатмарлы. Шуға ла «Йәш көстәр» йәш авторҙар өсөн йылына бер сыға торған берҙән-бер йыйынтыҡ. Был китапҡа инеү – һәр кемдең хыялы. Уға студенттар, Өфөләге эшсе йәштәр генә түгел, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәйзи Ғүмәров, Зәйни Рафиҡов һымаҡ фронтовиктар ҙа ҡулъяҙмаларын тотоп килә. Бында гонорарҙы ла арыу ғына түләйҙәр. «Йәш көстәр»ҙең шул осорҙағы китаптарын бергә туплап, яңы быуындың ижади эҙләнеүҙәрен тулы ғына күҙ алдына килтереп була. Яңы исемдәргә һәр саҡ иғтибарлы Ғәйнан Әмири, йәш шағирҙарҙы Башҡортостан радиоһына йыйып, йыл да бер тапҡыр уларҙың ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы тапшырыу ойоштора. «Йәш көстәр» альманахының яңы китап булып килеп сығыуы ла, радио аша йәш шағирҙарҙың сығыш яһауҙары ла шул дәүерҙәге әҙәби тормошта көтөп алына торған мөһим бер ваҡиғаға әйләнгәйне. Әмириҙең йәштәргә ҡарата гел генә хәстәрлекле булыуын ҡайһы берәүҙәр: «Ғәйнан таланттар асырға ярата инде ул!» – тип, көлкөгә борорға тырышыусылар ҙа осраманы түгел. Хатта мыҫҡыллы йылмайыусылар ҙа бар ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Хәҙер килеп, былар хаҡында уйлайһың да: «Таланттарҙы асыу, йәштәргә ҡанатланырға ярҙам итеү бик изге эш тә баһа, таланттарҙы ябырға, юлдарын бикләргә, йәштәрҙең баштарына һуғырға тырышыусы көнсөлдәр, тар күңелле ағайҙар аҙыраҡ булһын ине, йәштәрҙе асыусылар күберәк булһын ине», – тип ҡуяһың. Ижад донъяһына килеүсе йәштәрҙең үҙенсә фекерләүе башта сәйерерәк ишетелә. Улар ҡайһы бер төшөнсәләргә ҡарата шик белдерә йәки бөтөнләй ҡабул итмәй. Һәр быуын әҙәбиәткә яңы тормош тәжрибәһе, яңы талаптар менән килә. Ваҡыт һынауын үткән традициялар, эстетик принциптар, ҡараштар һәм зауыҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Йәш Шәйехзада Бабич эпиграммаларҙан төҙөлгән бәләкәй генә энциклопедия һүҙлеген хәтерләткән «Китабеннас»ында, абруйҙар алдында ҡаушап тормайынса, хатта үҙенә остаз булған шөһрәтле исемдәргә ҡарата ла тапҡыр, ҡайһы саҡта әсе һүҙҙәр әйткәйне, шиғырҙарында, фельетондарында ҡыйыу бәхәсләшкәйне. Утыҙынсы йылдарҙа Сәләмдәр быуыны, Юлтыйҙарҙың «шиғри ҡанундарын» ҡабул итмәйенсә, үҙ юлы менән китте. Әҙәбиәт үҫешендә быуындарға быуын ялғана, ләкин был эҙмә-эҙлелек ҡаршылыҡһыҙ ғына бармай. Тормошҡа юл ярыусы иң кәрәкле яңылыҡтар ҙа инҡар итеүҙәргә дусар була, һынауҙар аша үтеп, үҙен раҫлай. Ҡайһы саҡта ололар менән яңылар араһында ғына түгел, йәштәрҙең үҙҙәре араһында ла бәхәс ҡубып ала. Бигерәк тә партияның егерменсе съезы алып килгән яңылыҡтар һөҙөмтәһендә йәш быуындың әҙәби мираҫҡа мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Тәүге башҡорт романдары тип иғлан ителгән әҫәрҙәр һис тә беренселәрҙән булмай сыҡты. Быға тиклем әҙәбиәт тарихы буйынса уҡытылғандарҙың байтағы төптө ялған икәнен белгәс, абруйҙарға шикләнеп ҡарау көсәйҙе. Тыйылып торған аҫыл-аҫыл әҫәрҙәр донъя күргәс, тере классик тип һаналып йөрөгәндәрҙең ҡайһы берҙәренең даны һүрелеү генә түгел, яманаты ла сыҡҡылап ҡуйҙы. Яңынан әйләнеп ҡайтҡан мираҫты ла элек уның менән таныш булмаған уҡыусылар тауыш-тынһыҙ ризалашып ҡына ҡабул итмәне, күп нәмәгә тәнҡит күҙлегенән ҡараны. Мәҫәлән, Афзал Таһиров ижады башҡорт әҙәбиәтенең тәжрибә туплау, ҙур жанрҙарҙы үҙләштереү юлында әһәмиәтле аҙым булһа ла, уның прозаһының, бигерәк тә «Һалдаттар», «Ҡыҙылгвардеецтар», «Ҡыҙылармеецтар» романдарының художество йомшаҡлыҡтарын хәҙерге заман уҡыусыһы яҡшы аңлай ине. Нәшриәттә эшләй башлау менән Рәми Бабичтың, Юлтыйҙың һайланмаларын әҙерләүҙә ҡатнаша. Эш барышында көндәлегенә (2.03.57) ҡайһы бер фекерҙәрен яҙып ҡуйған: «Юлтый өҫтөндә ултырам. Ниңәлер бөтә күңелемде биреп эшләй алмайым. Ҡайһы берәүҙәрҙең Юлтый ҙа Юлтый тип ауыҙ һыуҙары ҡойолоуын аңлап етә алмайым. Бәлки, күңелдә ҡалған «халыҡ дошманы» тигән һүҙҙәрҙең ҡанға һеңгән нахаҡ талаптары шулай итәлер? Белмәйем... Сәләм, Ниғмәти, Мостай Кәрим уларҙы ни тиклем артта ҡалдырғандар инде!.. Тик уларҙы беҙ баһалап бөтә белмәйбеҙ әле. Ә бына Бабич, исмаһам, шағир!.. Йыйынтыҡҡа Юлтыйҙың бик примитив шиғырҙары ла индерелгән. Ғөмүмән, шиғыр культураһы түбән. Хистәр, уйҙар бар, ниндәйҙер талпыныу бар, ләкин бөтә тәне менән, оҫталығы менән оло шағир йөрәген күреп булмай. Әҙәби факт булараҡ, әлбиттә, ҡыҙыҡлы. Шулай ҙа шағирҙы заманы шулай булған бит тип үлсәп булмай». Милләттең рухи мираҫына бик иғтибарлы, ихтирамлы Рәми Ғарипов иң мөһим күренештәрҙе лә ошолай талапсан баһалай. Бар ғүмерен нисек тә башҡорт хәлдәрен яҡшыртыуға фиҙа ҡылған Дауыт Юлтыйҙың әҙәбиәттәге урынын, башҡорт халҡына яҡтылыҡ илтеү юлындағы әһәмиәтен Рәми, әлбиттә, бик төптән аңлай, әммә ҡайһы бер йомшаҡ шиғырҙарына ҡарата күрәләтә күҙ йомоп ҡала алмай. Тарихтың тыйылған биттәренә юлдар асылып, әҙәби мираҫты тулыраҡ байҡағанда байтаҡ рухи ҡиммәттәр яңыса баһалана, был процесс һис бер һыҙланыуһыҙ тыныс ҡына үтмәй. Бәғзе бик хөрмәтле исемгә йәштәр тарафынан ҡаты дәғүәләр ҡуйыла. Мәҫәлән, Сәйфи Ҡудаштың ижады тураһында төрлө һүҙҙәр ҡуйыра. 1956 йылда Сәйфи Ҡудаштың «Минең мөхәббәтем» исемле шиғырҙар, йырҙар тупланған китабы донъя күрә. Әҙәбиәттә дүрт тиҫтә йыл буйынса хеҙмәт итеп, төрлө телдәрҙә иллегә яҡын китаптары донъя күргән Сәйфи Ҡудаш был осорҙа башҡорт әҙәбиәтенең иң оло аҡһаҡалы һанала. Исеме бөтә илгә танылған әҙиптең илленсе йылдарҙа яҙылған иҫтәлектәре башҡорт мемуаристикаһының үҫешендә мөһим этапты билдәләй. Ҡудаштың яңы китабына «Совет Башҡортостаны»нда (4.10.56) Ғайса Хөсәйеновтың «Шағир мөхәббәте» тигән рецензияһы баҫылғас, шиғри йыйынтыҡҡа, уның хаҡындағы һүҙгә ҡарата «Әҙәби Башҡортостан» журналында Зөфәр Ғәбсәләмов «Шағирҙың яңы йыйынтығы» (1957, № 1) тигән мәҡәлә менән сығыш яһай. һүҙен ул ошолай башлай: «Беҙҙә тәнҡит мәҡәләләре йыш ҡына осраҡтарҙа шундай характерҙа яҙыла: мәҡәләнең дүрттән өс өлөшө маҡтау, дүрттән бере – етешһеҙлектәр хаҡында ҡайһы бер дөйөм замечаниелар; әйтерһең дә, тәнҡит мәҡәләләренең композицияһы емерелмәҫ закон менән шулай билдәләнгән!» Бындай ҡалыптың зарарҙан башҡа файҙаһы булмауын һөйләп, Ғәбсәләмов: «Беҙ һуңғы ваҡытта бындай типтағы мәҡәләләрҙе Ғ. Хөсәйенов ижадында йыш күрәбеҙ. Уның, мәҫәлән, «Шағирҙың мөхәббәте» тигән мәҡәләһе... бының асыҡ үрнәге булып тора», – тип, ҡаты ғына һүҙҙәр әйтә. Ләкин былар Сәйфи Ҡудаштың шиғырҙарына ҡарата мәҡәләлә әйтелгән тәнҡиткә ҡарағанда күпкә йомшағыраҡ. Зөфәр Ғәбсәләмов Ғайса Хөсәйеновтың рецензияһын Сәйфи Ҡудаш шиғырҙарына үҙенең баһаһын бирер өсөн йәтеш башланғыс итеп алған, артабан тулыһынса китап хаҡында һөйләүгә күскән. Тәнҡитсе был йыйынтыҡҡа ҡырҡа кире ҡарашта. «Сәйфи Ҡудаштың был йыйынтығындағы күпселек шиғырҙарҙы тәүге тапҡыр ғына уҡып сығырға ла үҙеңде көсләп кенә мәжбүр итәһең, ә һуңынан ул шиғырҙарға кире әйләнеп ҡайтҡы килмәй. Шиғыр бит ул газета хәбәре түгел, ул ҡабат-ҡабат уҡыу өсөн яҙыла» тигән баштағы дөйөм тәьҫорат артабан байтаҡ миҫалдарҙа асыҡлана. «Әҫәрҙәрҙең йыш ҡына осраҡта өҫтән-мөҫтән генә эшләнеүе, риторик хәл ителеүе, художество кимәленең түбән булыуы», «аҙ мәғәнәле, образһыҙ һүҙҙәр рифмалы юлдарға һалынып ҡына биреләләр», «шиғырҙың шиғыр итеп ҡабул ителерлек ... көсө юҡ», «ҙур ижад тәжрибәһе булған өлкән шағирҙың ҡәләме аҫтынан бындай примитив юлдарҙың сығыуы артыҡ күңелһеҙ хәл», «буш һүҙлелек, шиғри телгә талапһыҙлыҡ, трафарет, риторика бында ла ныҡ күренә», «хәбәр һөйләүсе булараҡ ҡына сығыш яһай», «тел ҡытыршылыҡтары, буталсыҡ һөйләмдәр, уңышһыҙ сағыштырыуҙар йыш ҡына осрап ҡуялар» һ.б. – мәҡәлә тотошлайы менән ошондай рухта яҙылған. Һуңғы абзацтағы: «Һәйбәт итеп баһаланырға хаҡлы әҫәрҙәр йыйынтыҡта бик аҙҙар... Өлкән шағир үҙ әҫәрҙәренә талапсанлығын күтәрһен ине», – тигән һүҙҙәр теләктән бигерәк ҡәтғи хөкөм кеүегерәк ишетелә. Зөфәр Ғәбсәләмовтың мәҡәләһе әҙәбиәт донъяһында ҙур ғына шау-шыу тыуҙырҙы. Хатта йәштәрҙең китаптарындағы етешһеҙлектәр тураһында тәнҡиттә бындай һүҙ булғаны юҡ ине әле. Ололар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ғәбсәләмовтың байтаҡ тәнҡит һүҙҙәрен кире ҡағып, Сәйфи Ҡудаштың шиғриәтендәге ҡаҙаныштарҙы яҡлап, Рәшит Ниғмәти «Алға барырға ярҙам итеүсе тәнҡит өсөн» тигән мәҡәләһен («Совет Башҡортостаны», 23.03.57) баҫтырҙы. Ғайса Хөсәйенов «Бер тәнҡит уңайы менән» тигән сығышында («Әҙәби Башҡортостан», 1957, № 4) «уңыштары һәм кәмселектәре лә булған китаптың фәҡәт етешһеҙлектәрен эҙләп соҡсоноу йәш тәнҡитсенең был мәҡәләһен «күҫәк» тәнҡиткә әйләндереп ебәрә» тип билдәләне. Ғәбсәләмовтың күнегелгән әҙәплелек ҡағиҙәләрен һанға һуғып еткермәүенә, Рәшит Ниғмәти күрһәткәнсә, «дөрөҫ фекерҙәр мәҡәләләге дөйөм екеренеүҙәр, дәлилһеҙ кире ҡағыуҙар, инҡар итеүҙәр, төрткөсләүҙәр эсендә юғалып» ҡалыуҙарына уҡыусылар, моғайын, иғтибар иткәндер. Ләкин шул уҡ ваҡытта йәш тәнҡитсенең был сығышы барыһы ла күрә тороп та әйтергә баҙнат итмәгән байтаҡ етешһеҙлектәр тураһында нығыраҡ уйландырҙы. Ниғмәтиҙең Ғәбсәләмов менән бәхәсләшеп яҙған мәҡәләһен газетала уҡығанда, Рәми үҙе бик хөрмәт иткән шағирҙың йортонда бынан бер нисә көн элек кенә булған һөйләшеүҙе иҫкә төшөрҙө. Ғариповтың эш планына йырҙар китабын әҙерләү ҙә индерелгәйне. Йырҙарҙың һүҙҙәре менән таныша башлағас, йәш редакторҙың сәстәре үрә торҙо: йырланып торорға тейешле юлдарҙың күпмеһе, талапсан ҡарай башлаһаң, ҡыйралып төшә. Принципиаль һүҙ ҡуҙғатһаң да шағирҙар яңынан төҙәтергә ашҡынып тормай, ҡайһы берҙәре иҫкәрмәләр өсөн тауыш сығара. Фронтовик ағай тип электән Рәми ихтирам менән ҡараған Шәриф Бикҡол: «Мин һуғышта ҡан ҡойоп йөрөгәндә һин әле маңҡа ғына инең! Хәҙер килеп, миңә йыр яҙырға өйрәтеп ултыраһың!» – тип, ҡысҡырынып сығып китте. Әйтерһең дә, Рәмиҙәр атайҙары һуғышта ятып ҡалғанда йылы өйҙә майлы ҡалас ашап ултырған... Бөгөн 12 мартта Рәми эшкә былай ҙа бик ауыр уйҙарға сумып барҙы. Кисә Рафаэль Сафин менән күрешкәйнеләр. Рафаэлдең килеүе уның өсөн һәр саҡ байрам. Тик был юлы ныҡ күңелһеҙ булып китте, иптәшенә белгертмәҫкә генә тырышты. Рафаэль Шакир Янбаевтар менән осрашҡанын һөйләне. Улар бала көтәләр. Ә Надя икенсе баланан ҡотолорға йөрөй. Рәми күпме аңлатып ҡараһа ла, ул барыбер үҙенекен эшләмәксе. Күңелдә ҡара тап ҡалыр кеүек. Ошондай яманһыу уйҙар менән эшкә тотонһа, бында кәйефте тағы ла нығыраҡ ҡырыр өсөн сәбәптәр табылып ҡына тора. Ғауға күтәреүселәр йыш килә бында. Төштән һуң Композиторҙар союзында йыр текстарын тикшереп ҡарарға булдылар. Тик авторҙар күп йыйылманы. Шағирҙарҙан – Ғәйнан Әмири менән Хәким Ғиләжев, композиторҙарҙан – Заһир Исмәғилев, Камил Рәхимов, Рафиҡ Сәлмәнов, нәшриәттән Василий Трубицын ғына ҡатнаша. Рәми текстарҙы уҡып, үҙенең бөтә фекерҙәрен дә әйтеп сыҡҡас, Заһир Исмәғилев: «Хөрт икән шул эштәр!» – тип, баш сайҡап, аптырап ултыра. Башҡалар ҙа Рәмиҙең әйткәндәре менән килештеләр, бынан һуң текстарҙы шағирҙар секцияһында тикшермәй тороп, композиторҙарға бирмәҫкә, әлеге йыйынтыҡҡа инә торған байтаҡ шиғырҙарҙы авторҙарҙан яңынан эшләтергә тигән ҡарарға килделәр. Ниғмәтиҙәргә бына шул һөйләшеүҙән һуң ингәйне ул. Исмәғилев текстарын кире бирергә ҡушҡайны. Тураһын әйтергә яратҡан ике кеше араһындағы һөйләшеү бик киҫкен башлана: — Быға тиклем һеҙҙең шундай әйберҙәрегеҙҙе уҡығаным юҡ ине, Рәшит ағай. Был йырҙар бик хөрт, һеҙҙең кеүек шағирҙан бындай йырҙар алып булмай. — Ләкин, ҡустым, һинең фекерең миңә закон түгел бит әле. Һиңә оҡшамаҫҡа мөмкин, ә берәүгә ул оҡшарға мөмкин. Уларҙы бит йырлап йөрөтәләр. — Йырлап йөрөү генә әле критерий түгел, Рәшит ағай. Был йыйынтыҡ бит руссаға ла тәржемә ителә, беҙҙә генә тороп ҡалмаясаҡ. — Йә, нимәләре менән риза түгелһең? – тип, Ниғмәти тексҡа тотона. – Минең әле Ҡадир Даяндан хөртөрәк яҙғаным юҡ. — Даяндың бит яҡшы йырҙары ла бар. — Юҡ Даяндың яҡшы йырҙары!» Был һөйләшеү, Рәми көнөндә үк теркәп ҡалдырғанса, ошолай бәхәс менән башлана. «Ул «Туған партияға дан» йырын уҡый, ә мин тағы ла бер әрләү ишетәм инде, ләкин бирешмәҫкә, бөтә әйтәһе һүҙҙәрҙе әйтеп сығып китергә кәрәк тип ултырам». Атаҡлы шағирға текстарҙағы етешһеҙлектәрҙе әйтергә ҡыйыулығы етә Рәмиҙең. «Совет Башҡортостаны»нда Ниғмәтиҙең «Алға барырға ярҙам итеүсе тәнҡит өсөн» тигән мәҡәләһендәге һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө: «Тыуған ил, партия, Ленин, халыҡтар дуҫлығы тураһындағы темалар – совет поэзияһының үҙәк темалары улар. Был темаларға яҙмаған совет шағиры юҡ. Һәм был темалар публицистика киңлеген һәм тәрәнлеген талап итәләр, бында лирик сүтелдәүҙәр урынһыҙ ҙа, ваҡ та булып ҡала. Шуға күрә С. Ҡудаш шиғырҙарында, бүтән шағирҙарҙыҡы кеүек үк, был темалар өҫтөндә эшләгәндә публицистик план өҫтөнлөк итә. Бында шуныһы сәйер: ни өсөндөр З. Ғәбсәләмовҡа күбеһенсә партия, халыҡтар дуҫлығы тураһында яҙылған шиғырҙар оҡшамай. Ул бында тик бер «Беҙ килтерҙек» шиғырын ғына ҡабул итә. Шиғырҙа публицистик дозаның аҙыраҡ йә күберәк булыуы был пландағы шиғырҙарҙы бөтөнләй инҡар итергә хоҡуҡ бирмәй, әлбиттә. «Партиябыҙ саҡыра» тигән шиғырҙа публицистиканың бер аҙ күп булыуы тәнҡитсенең эсен бошорған. Һәм ул, был шиғырҙың айырым-айырым строфаларын контекстан йолҡоп алып, уны бөтөнләй насар шиғыр итеп күрһәтергә тырышҡан. З. Ғәбсәләмов килтергән үк юлдарҙы алайыҡ: Был баҫыуға хужа яһар өсөн Мәңге нужа күргән күптәрҙе, Партиябыҙ Октябрь таңында Беҙҙе ғәҙел яуға күтәрҙе. Тәнҡитсе, ошо строфаны килтереп, «ул миңә бер ниндәй ҙә хис уятмай, тәьҫир ҡалдырмай», – ти, ләкин бынан алдағы тәрән тулҡынланыулы юлдарҙы ни өсөндөр йәшереп алып ҡала: Хайран булып ҡарап торам ҡырға, Еңә алмай шатлыҡ тауышын. Күҙ алдымда, оҡшап иркен йырға, Йәйелеп ята тыуған баҫыуым. Был строфа килтерелгәс, бөтәһе лә үҙ урынына баҫа, иптәш Ғәбсәләмов». Көлөргә лә, иларға ла белмәҫһең. Әле Рәшит ағай «тәрән тулҡынланыулы» тип маҡтаған юлдар уға тиклем килтерелгән строфанан – ысынлап та нисәмә тапҡырҙар көйшәлгән, шуға таушалып бөткән һүҙҙәрҙән нимәһе менән яҡшыраҡ һуң? Быны Рәми бер нисек тә аңлай алмай. «Бөтәһе лә үҙ урынына баҫа, иптәш Ғарипов!» – тип, үҙенә төбәп ҡат-ҡат тәҡрарлаһалар ҙа, барыбер ышандыра алмаҫтар ине. Рәшит Ниғмәтиҙең өйөндә йыр текстары тураһында байтаҡ бәхәсләштеләр. Рәми: Астылар яҡты юл, Байлыҡтар асты мул Партияның аҡыл нурҙары, – тигән юлдарҙы уҡый ҙа, бер ҙә башҡортса булмауын, бигерәк буталсыҡ икәнлеген әйтә. Рәшит Ниғмәти башта: «Бер ҙә буталсыҡ түгел!» – тип ҡырт киҫә, ахырҙа: «Яҡты юл астылар, байлыҡтар таптылар», – тип төҙәтә, ләкин, «аҡыл нурҙарын» ҡалдыра. Ҡушымтаны: Партия, дан һиңә, Дан һиңә, партия, Бөйөк Ленин байрағы ҡулыңда. Һин булдың яҡты нур, Етәкләп илткән ҡул Беҙ барған коммунизм юлында, – тип төҙәтеп ҡуя. Рәми тәнҡитләгән тәүге вариантта ҡушымта былай ине: Дан һиңә, партия, Партия, дан һиңә, Бөйөк Ленин байрағы ҡулыңда, Ант итә халыҡ һиңә, Халыҡ һиңә ант итә, Шул байраҡҡа гел тоғро булырға. Әллә ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыумы был? Баш тамам әйләнгән. Рәмигә варианттарҙың береһе лә оҡшамай. Йырланырға тейеш йырҙар, был көйө һис кенә лә күңелгә ятышлы түгел, ҡысҡырыуҙары ҡолаҡта ҡала, әммә йөрәккә үтеп инмәй. Был «Туған партияға дан!» йыры ысынлап та оран булһын, йөрәк ярмаһын ине. Ләкин тәжрибәле шағирға нисек ҡат-ҡат әйтәһең? Тағы ла «Уныһы дело вкуса», – тип яуаплауы бар. «Дан һиңә, Башҡортостан» йырын Ниғмәти үҙендә ҡалдырҙы. Яҡлап торманы, эшләп ҡарармын, тине. Был тексҡа ҡарата Рәмиҙең фекере ошолай ине: йырҙы руссаға тәржемә иткәндә, Советтар Союзы гимны килеп сыға, тик уға механик рәүештә «Дан һиңә, дан, ирекле Башҡортостан» тигән ҡушымта ғына тағып ҡуйылған. Башҡортостандың төҫө лә, еҫе лә юҡ, йырҙа уны Ҡаҙағстан менән дә, Татарстан менән дә алмаштырып ҡуйып була. Бындай һүҙҙәрҙән һуң редактор тағы ла Ниғмәтисә һорау ишетә: — Ә нимә һуң ул, һинеңсә, Башҡортостандың төҫө менән еҫе? Һәләтенән килһә, Рәми уйлағанын Мәғәфүр Хисмәтуллин һымаҡ йыр менән генә еткерер ине. Рәшит ағайҙың башҡорт халыҡ йырҙарын яратҡанын, үҙе лә моңло итеп йырлағанын белә. Ундай һәләт һәр кемгә лә бирелмәгән шул. «Урал»дың ошо тетрәндергес һүҙҙәрен әйтеп ишеттерҙе Рәми: Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың, Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары. Тулҡынланыуынан аҙ ғына туҡтап торҙо ла Рәми былай тип өҫтәне: — Бында мин тауҙарҙы ла, талдарҙы ла күрәм, шул талдарҙы ҡырҡҡандан тамып ҡалған ҡан еҫен дә тоям. Бында Башҡортостандың бөтә тарихы, географияһы, характеры бар. Рәшит Ниғмәти оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла: — Ул йырҙы халыҡ быуаттар буйы эшләгән, – тип ҡуйҙы. Рәмиҙең ағайға әйтәһе һүҙҙәре, уның менән уртаҡлашырға теләгән уйҙары күңелендә күптән тулышып йөрөй. Сабый саҡтарҙан әллә күпме ҡабат яратып уҡыған «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһының тәүге юлдарын беренсе тапҡыр авторҙың үҙенә һөйләй башланы: Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә, Ә ҡойроғо ҡойона Аралда. Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап, Мәғрур тора бында ҡаялар. Шиғырҙан һуң: — Был һуң быуаттар буйы яҙылғанмы? – тип һораны. – Ә мин уны халыҡ йыры менән тиң ҡуям. Ике шағирҙың һөйләшеүе баштағы бәхәстәрҙән әкренләп бер-береһен аңлаған яҡын кешеләрҙең ихлас һөйләшеүенә әйләнә барҙы. Рәмиҙең һоҡланыу һүҙҙәренән һуң Ниғмәти был юлдарға ҡарата башҡасараҡ фекер булғанын да иҫкә төшөрөп алды: — Уны Мәскәүҙә чудовищный образ, тинеләр бит! — Образдарҙы тәржемә менән генә баһалап булмай. «Йәмле Ағиҙел буйҙары»н нисек русса башҡортсалағы һымаҡ матур итәһең? «Үлтер, улым, фашисты», «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» ҙа русса юғалып ҡалыр ине. Мин һеҙҙең был поэмаларығыҙҙы бик яратам, юғары баһалайым. Әле ҡасан былай осрашабыҙ, уңайы тура килгәндә әйтеп ҡалайым тип, Рәми үҙен борсоған уй-кисерештәрҙе ихлас асып һалды: — Юҡ хәҙер бындай әҫәрҙәр. Һеҙ ҙә яҙмайһығыҙ, башҡалар ҙа яҙа алмай. Поэзия, минеңсә, хәҙер бер урында тапанып тора, күтәрелмәй. Башҡорт поэзияһын Сәләм, Ниғмәти һәм Мостай Кәрим күтәрҙе. Хәҙер ул Мостай Кәримдән ары күтәрелә алғаны юҡ. — Бына һеҙ, йәштәр, күтәрергә тейешһегеҙ: һин, Марат Кәримов, Рафаэль Сафин. — Белмәйем, беҙ һеҙҙең кеүек яҙа алырбыҙмы, юҡмы? — Яҙырға кәрәк. Хәҙер һеҙҙең самый яҙа торған ваҡытығыҙ. Ошо диалогтан һуң яҙмаларын Рәми: «Унан һуң һүҙ Зөфәргә, Юлтыйға, редакцияға, телгә һәм сәйгә күсте», – тип тамамлай. Донъяға ҡараштары, эстетик зауыҡтары төрлө осорҙа тәрбиәләнһә лә, йәш аралары ҙур булһа ла, был тура һүҙле, ихлас ике шағирҙы берләштереүсе уртаҡ хәстәрҙәр, борсолоуҙар етерлек. Ниғмәтиҙең Урал образын шулай грандиоз кәүҙәләндереүе, һуғыш йылдарында шиғри һүҙҙе ҡобайыр алымында ниндәй ҙур көскә әйләндерә алыуы Рәмиҙе һәр саҡ һоҡландыра. Нәшриәт аша туҡтауһыҙ үтеп торған төҫһөҙ ҡулъяҙмалар ағымында бындай талантлы әҫәрҙәрҙең әһәмиәтен тағы ла асығыраҡ күрәһең. Тик Ниғмәти быуыны шағирҙарының да, унан олораҡ, унан йәшерәктәрҙең дә Ватан һәм партияға, тыныслыҡ һәм халыҡтар дуҫлығына арнап шалтырауыҡ юлдар яҙыуҙары ҡасан бөтөр? Хатта һәләтлеләр ҙә ошо бәләнән ҡотола алмай. Ярай әле тәнҡиттә әҫәрҙәрҙе ниндәйҙер тема йәки образ буйынса теҙеп һанап сығыуҙар бөтөп бара. Ниңә ижадта һаман конъюнктуранан ҡотола алмайҙар? Әҙәбиәттә актуаллек мәсьәләһе һәр заманда ла булған, буласаҡ. Ләкин уның менән һатыу итергә, яҙғандарыңды матбуғатҡа үткәрер өсөн яһалма ярлыҡҡа әйләндерергә ярамай бит. Йөрәгең халҡың яҙмышына ҡушылып типмәһә, көндөң ҡаҙағына һуғып ҡына ысын шиғыр ижад итеү мөмкин түгел. Был уйҙар Рәмиҙе һуңғы ваҡытта айырыуса ныҡ борсой. Икенсе китабының төп рухы туған тел, Башҡортостан, ғәзиз ер һәм халыҡ яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙарҙан торасаҡ. Рәми Ғарипов өсөн Башҡортостан изге тема ғына түгел, уның шатлығы ла, ҡайғыһы ла, ғорурлығы ла, хатта кәмһенеүе-хурланыуы ла. Рәмиҙең һуңғы бер нисә көнө Мәскәүгә Әҙәбиәт институтында диплом яҡларға китергә йөрөгән Рафаэль Сафин менән үтте. Уның менән булғанда бер ни эшләмәне, бер юл да яҙманы. Шиғыр уҡынылар ҙа һөйләштеләр, һөйләштеләр ҙә шиғыр уҡынылар. Әҙәбиәт диңгеҙендә йөҙҙөләр, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәнеләр. Бәхәсләшеп, хатта үпкәләшеп киткән саҡтары ла булды. Ҡазанда яңы сыҡҡан татар поэзияһы антологияһын алып, иҫтәре китеп уҡынылар: юҡ ҡына шағирҙарын да һаҡлап ҡалырға тырышалар. Рәми Бабичты мең бәлә менән газетала үткәргән арала татарҙар күҙ асып күҙ йомғансы Бабичты антологияла килтереп сығарғандар. Рәми шуны ла иҫкә төшөрҙө: Татарстан Ғәлимйән Ибраһимовтың өс томын баҫтырып өлгөргән, ә ул Башҡортостанда тыуып та, етмеш йыллығына ҡарата беҙҙә бер-ике ауыҙ һүҙ яҙып сыҡҡан кеше юҡ! Әҙәм көлкөһө! Ибраһимов тураһында «Кызыл таң»да ғына бер мәҡәлә сыҡты, ул да булһа – Ҡазан ғалимы Халиттыҡы! — Шәп эшләй татарҙар! – ти Рафаэль. — Да, малай, улар беҙ түгел шул! – тип кенә ҡуя Рәми. Барыһын да уртаға ярып һалып, әллә ниҙәр әйтә алыр ине ул, тик иптәше аңлап еткерерме һуң? Рәмигә былай ҙа милләтсе яманатын тағырға маташыусылар етерлек, шуға һүҙ ҡуйыртып торғоһо килмәй. Бер нисә көн Рәмиҙең күңелендә яңы шиғыр моронлап йөрөй. Уны «Йөрәгем» тип атамаҡсы. Был хаҡта әле бер кемгә өндәшкәне юҡ. Иң яҡын ҡәләмдәшенә тәүге юлдарын уҡытмайынса түҙә алманы: Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Йәйрәп ята тыуған еркәйем, Шул йөрәктең ҡан тамыры булып, Күкһелләнә Ағиҙелкәйем. Шул йөрәктең ауыр моң-зарҙарын Ҡойған саҡта еңел ҡурайы, Яу юлдары буйлап мин халҡымдың Үткәндәрен ҡайтып урайым. Уралҡайым, һинең һәр ташыңа Ҡанлы-данлы тарих яҙылған. Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған!.. Был юлдар әллә нисек дауам ителеп китер, әллә ниндәй тылсымлы һүҙҙәр табылыр һымаҡ. Уларын шағир әле күҙ алдына килтерә алмай. Ә бына шиғырҙы һаман да камиллаштырғы килә. Әле бына Рафаэлгә уҡығанда тәүге ике юлды былай тип үҙгәртмәксе булды: Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан – тыуған илкәйем. Шулай тигәндә образ күҙ алдына асығыраҡ килеп баҫасаҡ. «Йәйрәп ята тыуған еркәйем» нисектер таралыбыраҡ киткән һымаҡ. Ошо хаҡтағы уйҙарын ҡәләмдәше менән уртаҡлаша, ҡарашын белгеһе килә. Ләкин Рафаэлгә был проблема сәйер тойола, был образ бик дөйөм булып күренә. Рәми өсөн иһә был мәсьәләләр бик конкрет, бик яҡын. Был йөрәк – шағирҙың да йөрәге. Әгәр шул йөрәктә туған халҡы булмаһа, йәшәүенең, ижадының бер ниндәй мәғәнәһе лә ҡалмаясаҡ. Күңелендәге был һыҙланыуҙар бер ҡуҙғалдымы, Рәми уйҙарының осона сыға алмай. Бына әле лә фекерҙәре, бер-береһенә ялғанып, ярһытҡандан-ярһыта: «Минең өсөн Башҡортостан тыуған ер генә түгел, Башҡортостан минең тарихи йөрәгем. Минең өсөн ул бөгөнгө көн генә түгел, ул халҡымдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге. Былар хаҡында мин тыныс ҡына уйлай алмайым. Бигерәк тә тел яҙмышы мине борсой. Был минең иң ауыртҡан ерем, тормошомдоң йәме. Беҙҙең быуын ниҙер эшләп ҡалырға тейеш. Беҙҙән һуң был кәрәк булмаясаҡ, ул саҡта инде милли культура тарихҡа ғына ҡаласаҡ...» Шағирҙың ҡыҙған зиһенендә хафалар, өмөттәр бергә ҡайнаша. Туған телдәр, милли культуралар яҙмышы нәҡ ошо дәүерҙә хәл ителер, һәр хәлдә, хәл ителергә тейеш һымаҡ. Йәки уларҙың камил йәшәйеше, үҫеше өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылыр, йәки улар руслаштырылыу, башҡа сикләүҙәр, төрлө ассимиляция арҡаһында һәләк булыр. Башҡаса юлды Рәми күрмәй. Был мәсьәләләрҙең әле оҙаҡ йылдар буйына ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырасағын, был һыҙланыуҙарҙың яңы быуындарға, хатта яңы егерме беренсе быуатҡа, яңы мең йыллыҡҡа күсәсәген, был көндәргә тиклем ярты быуат мөһим булған милли тел, милләттәр яҙмышына бәйле мәсьәләләрҙең был көндәрҙән һуң ярты быуат үткәс тә бик актуаль булып ҡаласағын, ҡитғаларҙы иңләгән глобаль хафаларға, халыҡтарҙың бәләкәйенә лә, олоһона ла янаясаҡ ҡурҡынысҡа әйләнерен шағирҙың зиһене бик зирәк булған хәлдә лә нисек алдан күрә алһын? Хәйер, улай тип сикләнергә ярамайҙыр. Милли телдәргә һөжүм, барлыҡ милләттәрҙе бер ҡалыпҡа ҡыуып индереп, берҙәм совет халҡын барлыҡҡа килтереү идеологияһы ул йылдарҙа туранан-тура тормошҡа ашырыла башламаһа ла, быға аҫтыртын әҙерлек уҡыу-уҡытыу эштәрендә, ата-әсәләр араһында эҙмә-эҙлекле алып барылды. Милли телдәрҙең перспективаһыҙлығы хаҡындағы фараздар, милли мәктәптәрҙә уҡығандарҙың юғары уҡыу йорттарына инә алмаясаҡтары тураһында һөрән һалыуҙар, ошондай шик-шөбһәләрҙе кешеләрҙең аңына һиҙҙермәй генә, әммә тамырланырлыҡ итеп индереү нәҡ илленсе йылдарҙың аҙағына табан мәкерле системаға әйләнде. Алтмышынсы йылдарҙа милли рухты емереүсе был кешелекһеҙ эштәр, халыҡ-ара һүҙҙәр менән тамғаланғанда, антигуманистик доктрина асыҡтан-асыҡ дәүләт сәйәсәте булараҡ төрлө юлдар менән ғәмәлгә индерелде. Илленсе йылдарҙа уҡ Рәми Ғарипов һымаҡ фекер йөрөтөүселәр күберәк булһа, улар берҙәм сығыш яһаһа, милли телдәрҙең яҙмышындағы аяныслы хәлдәр, бәлки, киләсәктә ул тиклем ҡурҡыныс ҡолас алмаҫ ине. Ләкин тарих шартлы һөйкәлеште ҡабул итмәй, тиҙәр. «Шулай булһа, ваҡиғалар ағышы нисегерәк китер ине» тигәндән генә ысынбарлыҡтың уҙғандары ла, хәҙергеһе лә үҙгәрмәйәсәк. Әммә айырым шәхестәрҙең алдан күрә белеүсәнлеге үҙ ваҡытында хупланмаһа ла, хатта рәсми ғәйепләнеүҙәргә дусар ителһә лә, артабанғы тормош барыбер уларҙың хаҡлы икәнлеген иҫбатланы. Рәми Ғарипов өсөн иң ҡыйыны – яҡын ҡәләмдәштәренең дә йыш ҡына аңлап еткермәүҙәре. Туған әҙәбиәт, туған тел, туған сәнғәт тип ҡайғырғандар һирәк. Ҡайһы саҡта шағир үҙен шуларҙың бер меҫкене, япа-яңғыҙы итеп тоя. Аҙмы-күпме күҙгә күренерлек әҫәрҙәрҙе ҡат-ҡат байҡай ҙа, үҙенең йөрәген яндырған уй-кисерештәр менән ауаздаштарын таба алмай. Рафаэль ауылдан кендек әбейе тураһында шиғыр яҙып килтергән, шуны конкретлыҡтың миҫалы итеп күрһәтмәксе. Рәми бының менән ризалашмай, «мин әҙәбиәтте һөйгән ҡыҙым йәки ҡатыным, йә булмаһа төрлө кендек әбейҙәре менән сикләй алмайым», – тип уйлай. Ул үҙ-үҙен һәр ваҡыт рәхимһеҙ тәнҡит утына тота, ҡайһы саҡта башҡаларға ҡарата ла аяуһыҙ була. Бер-береңә шиғырҙар уҡып, әҙәбиәт тураһында былай иркенләп һөйләшеп йөрөр көндәр һирәк килә. Икеһе лә табынған шиғри балҡыштар, уртаҡ һоҡланыуҙар күп. Фекерҙәре тап килмәйенсә, бәхәсләшеп киткән саҡтары ла аҙ түгел. Рафаэлдең: «Мәжит Ғафури шағир түгел», – тип еңешеүе менән нисек килешәһең? Рәми өсөн ул шағир, халыҡ шағиры. Рәмиҙең дә артыҡ мауығып китә торған ғәҙәте бар. Ләкин был яҡтан уға иптәше менән тиңләшеү ҡайҙа?! Рафаэль берәй шағирға мөкиббән киттеме, уның өсөн башҡалар онотола, юҡҡа сыға. Уға Лермонтов булған саҡта хатта Пушкин юҡ. Шулай мауыҡҡан икән, уйынан тиҙ генә ҡайтыр тимә. Һаҙый Таҡташтың «Март айының нескә билле еле һуҙылып ятып ергә ҡар ашай» тигән юлдарын иҫкә төшөрөп, ике иптәш Өфө урамдарында күп йөрөнө. Яҙ һулышын килтергән офоҡтарға Ағиҙелдең текә ярынан оҙаҡ ҡарап торҙо. Рафаэлде Мәскәүгә оҙатып, трамвайҙа ҡалаға күтәрелгәндә лә ҡәләмдәше менән һөйләшеүҙәр һаман да Рәмиҙең ҡолағынан китмәне. «Йөрәгем» шиғырының исемен «Урал йөрәге» тип үҙгәртергә кәрәк. Һүҙ шағирҙың йөрәге хаҡында ғына бармай, Башҡортостан Урал күкрәгендә ҡайнар йөрәк булып тибә бит. Мостай Кәрим уны ҡайын япрағына оҡшатҡайны. Рәми бында бер аҙ полемикаға керҙе. Һәр шағир үҙенең тыуған ерен үҙенсә күрә. Уҡыусыға ул ҡабатланмаҫ ҡарашы менән ҡыҙыҡлы. «Таш сәскә» шиғырын баллада тип атағайны. Китабын да шулай исемләйәсәк. «Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!» тигән юлдарҙы уҡығанда Мостай Кәримдең «Һиңә булған мөхәббәтем минең – ташта үҫкән гөлдәр бәйләме» тигән ҡанатлы юлдарын хәтерләмәгән кеше һирәктер. Шағир шағирҙы илһамландыра, шиғриәт үҫешендә образдар ассоциацияһы, ижади ауаздашлыҡ та, үҙенсә бәхәс тә тәбиғи хәл, быуындың быуынға ялғанып нығыныуы. «Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме», – «Таш сәскә» – бөтә ил менән ни тиклем ауыр һынауҙар үткән шәхестәрҙең фекерләү системаһында ошондай образдарҙың тыуыуына, бер яҡтан, заман үҙе ныҡлы ерлек булһа, икенсенән, аҫыл таштар иле – Уралда, Башҡортостан шиғриәтендә ошондай табыштарҙың балҡыуы ижадтың тормошсан тәрән тамырҙарынан килә. Быуаттар буйына Урал ташына башҡорт халҡы өмөтөн дә, ҡайғыһын да уйып яҙған. «Урал йөрәге»нең жанрын Рәми Ғарипов «хикәйәт» тип атамаҡсы. Уны халыҡ хикәйәттәренә, эпостарға хас киң ҡолас, иркен һулыш менән яҙып тамамлағыһы килә. «Таш сәскә», «Туған тел» һымаҡ шиғырҙар менән бергә «Урал йөрәге» хикәйәте икенсе китаптың үҙәгендә булырға тейеш. Йәй урталарына тиклем йыйынтыҡ буйынса эш туҡтаманы. Ҡәләмдәштәренә уҡыны, күмәкләп фекер алыштылар. Рәми Ғарипов ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтып, икенсе китабын әҙерләгәндә, ғаиләлә икенсе бала тыуҙы. Әсәһе башта уның донъяға килеүенә ҡаршы булһа ла, сабыйға был тормошто күрергә Хоҙай насип иткән икән. Көндәлектәр яңынан дауам итһә лә, эҙмә-эҙлекле алып барылмай. Мәҫәлән, 1957 йылғылары 3 июлдәге ошо яҙмалар менән тамамлана: «Рафаэль Мәскәүҙән шылтыратты: кисә минең ҡыҙым тыуған! Ләкин был хәбәр минең күңелдә бер ниндәй шатлыҡ та уятманы. Күрәһең, мин бөтөнләй таш йөрәкле кешегә әйләнгәнмен. Башҡа тик Надяның был баланан ҡотолоуы яҡшы тигән фекер генә килде. Бала ла сәләмәт. Тимәк, мин инде ике баланың атаһы һәм миңә 25 йәш!.. Ә Надяға – 24!.. Уға уҡырға, ә миңә яҙырға кәрәк. Ә беҙҙең балаларҙың тыуған өйө лә, бер нәмәһе лә юҡ. Беҙ хәҙер инде дүрт кеше!.. Нисек йәшәргә? Был хаҡта уйлаһаң, баш ҡата, ә уйламай мөмкин түгел! Ҡоштарҙың да ояһы бар, ә кешеләрҙең аяҡ һонор мөйөшө лә юҡ. Ғәжәп был донъя!.. Бәлки, мин был хаҡта уйлағанлыҡтан шатлана алмайымдыр? Мин хатта һуңғы ваҡытта кисергәндәремде яҙа ла алмайым. Ә ни тиклем үҙгәреш минең тормошомда! Ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм ҡайғылы ваҡиғалар! Ни тиклем шикләнеүҙәр! Ошо һуңғы ваҡыт эсендә генә минең хатта донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Ләкин был хаҡта яҙаһы ла килмәй, яҙып та булмай һәм ваҡыт та юҡ». Был һандарҙы нисек тыныс уҡырға мөмкин: 25 һәм 24! Кеше ғүмеренең иң матур ваҡыттары, ҡыуанып-ҡанатланып йәшәр саҡтары!.. Ике йәш йөрәктең ҡауышҡанына ни бары ике йыл үткән. Йәш ғаиләлә тәүге улдары Салауат тыуған. Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып данлыҡлы Әҙәбиәт институтын бөтөрөп ҡайтҡан, республикалағы берҙән-бер китап нәшриәтендә эшләй, китабын тапшырырға әҙер. Ҡатыны киске мәктәптә уҡып йөрөй. Кисә генә ҡыҙҙары тыуған тигән хәбәр килде! Бындай бәхеттәр тураһында башҡалар, бәлки, хыяллана ла алмайҙыр... Ниңә ҡайһы саҡта был тормоштоң шатлыҡтары ла шатландырмай һуң? Ниңә бары нур ғына бөркөлөр, ҡыуаныстарҙан мөлдөрәмә тулыр саҡта йәшлектең күҙҙәренә йәш тула? Рәмиҙең алдында әле һис кенә лә урап үтмәҫлек булып бер һорау тора: нисек йәшәргә? Шуға яуап таба алмай ғазапланыуҙар тағы ла шиғырҙарҙы оноттора. Нәшриәттән өйҙә ултырып эшләргә рөхсәт иткәйнеләр. Шул иркенлектә бер ай рәхәтләнеп редакторлап та, ижад итеп тә ҡалды. Ожмахтарың ары торһон!.. Тик ошолай йәшәүе көнсөлдәргә оҡшамай: үҙенең эше менән генә ултыра тип, түрәләргә ошаҡлағандар. Етәкселәр уның пландан тыш та эштәр эшләгәнен, ал-ял белмәгәнен күрмәйме ни? Иртән үк нәшриәттә килеп эшләргә ҡушалар. Башһыҙ баш редактор шундай кеше, директор ҙа унан ҡалышмай. «Ниңә һеҙ ғәйбәтте тыңлайһығыҙ? Неҙ мин эшләгән эшкә ҡарағыҙ тәү башта, үҙ эшемде үҙем беләм! Неҙ әллә мине шиғыр яҙыуҙан да тыйыр инегеҙме?» – тип, түрәләргә аңлатып ҡараһа ла, файҙа юҡ. Аптырағандан тағы көндәлегенә тотона: «Был издательство түгел, издевательство! Бына мин тағы ла шунда ултырып эшләргә тейешмен! Был мөмкин түгел. Миңә яҙырға кәрәк, уҡырға кәрәк, асҡа ла үлмәҫкә кәрәк. Бына мин инде егерме биш йәшкә етеп, шул аслыҡ тураһында уйламаған ваҡытым юҡ! Ни тиклем туйҙырҙы мине был аслыҡ!.. Төрмәләге кешеләр ҙә бит минән туғыраҡ йәшәй. Намыҫлы булып йәшәү ни тиклем ауыр кешегә! Ә намыҫһыҙ йәшәү? Быны мин булдыра алмайым. Былай булыуҙан йәшәмәүең артыҡ! Ә йәшәге килә. Сөнки алда маҡсат бар, өмөт бар, үҙ көсөңә әллә ниндәй дыуамал бер ышаныс бар. Мин бәләкәйтеп күрергә, быларҙың бөтәһенә лә ваҡ нәмә, үтеп китә торған ваҡытлы нәмә тип ҡарарға тырышам. Үҙемдең киләсәккә булған ярһыу – ынтылышымды аңламаған, уның мәғәнәһен аңламаған кешеләрҙән ҡоторонҡо бер ғорурлыҡ менән көлөп, уларҙы һыта баҫып үтеп китәһем килә». Ләкин ҡыйынлыҡтар менән тулы тормош яланын еңел генә атлап үтеп булмай. Эшләйһеңме, юҡмы – минутынан минутына тиклем нәшриәттә ултырасаҡһың. Бер яғыңда телефондан һөйләшәләр, икенсе яғыңда машинистка тыҡылдап ултыра. Коридорҙа судҡа килеүселәр шаулаша. Ошондағы техник йәмғиәттән халыҡ өҙөлмәй. Нәшриәттең авторҙары бихисап. Ошондай эш шарттарында иғтибарыңды туплап ҡара! Эштән арып-талып ҡайтыуға хужаның ҡарсығы килеп төштө. Рәми бәләкәй генә ҡараңғы бүлмәгә күсенергә мәжбүр булды. Китаптарҙы ҡуйырға ла урын юҡ. Улар торған шкафҡа әллә ниндәй һауыт-һаба, йыһаздар тултырҙылар. Етемһерәп ятҡан китаптарға ҡарап, хатта илағылар килеп китте. «Былар барыһы көлкө булыр ине, Әгәр бик күңелһеҙ булмаһа!.. Шулай итеп, бөгөндән башлап мин кельялағы монах! Ә нәшриәт – машина, китаптар сығарыусы машина. Прощай, свободная стихия!.. Тиҙҙән хужа үҙе лә килеп етәсәк. Уға ике меңде теләһә ни ереңдән сығарып бир! Ә минең эш хаҡым бурыстарҙы түләргә лә етмәй. Надяға 150 һум ебәргән булдым— бигерәк тә шуныһы ғәрлек!» Рәмиҙең ошондай әйтелмәгән монологтары йөрәген яндырып йылдар буйына күпме йыйылды икән?! Әйтелмәгән монологтар, йоҡоһоҙ төндәрҙә осона сыға алмаған ғазаплы уйҙар, ҡыйралған хыялдар, үкенеүҙәр һәм ғәрләнеүҙәр... Шағир ғына түгел, башҡа ни тиклем әҙәм балаларының да ғүмерҙәре нисәмә тапҡырҙар ошолай өҙгөләнеп әйтелгән эске телмәрҙәрҙән, үҙеңә үҙең бөтмәҫ һорауҙар биреп, шуларға яуап таба алмайынса, шуларҙың ҡамауында бер яңғыҙың ҡаңғырыуҙан тормаймы ни? Кеше ғүмере буйы фекерҙәштәр эҙләй, иптәштәре менән бергә уртаҡ маҡсаттарға юл яра, уны иң ныҡ аңлаған, уға иң ышаныслы таяныс булырлыҡ һөйгәнен эҙләй, бәхетлеләре уны таба, бәхетһеҙҙәренә насип булмай, тапҡандары ла йыш ҡына юғалта... Тормош юлындағы иң оло ҡыуаныстар – башҡалар менән ихлас аралашыуҙар, бәхәстәр аша булһа ла, бер-береңде аңлауҙар, дөрөҫлөккә ирешеүҙәр ул. Шул саҡтарҙа кешеләр бер-береһенән йән аҙығы булырлыҡ, изге эштәргә рухландырырлыҡ, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ күпме матур һүҙҙәр, изге теләктәр ишетә. Яман ҡылыҡтар, нахаҡҡа ғәйепләүҙәр ҙә кеше намыҫын аҙ таламай. Ләкин халыҡты халыҡ итеп һаҡлаған, үҫтергән рухи көс-ғәйрәт кешеләрҙең бер-береһенә өләшкән яҡшылыҡтарынан, әйткән йылы һүҙҙәренән, һирпкән нурлы күҙ ҡарашынан туплана. Шуға ла ҡасандыр кемгәлер әйтеп өлгөрә алмаған хөрмәт йәки мөхәббәт һүҙҙәрең иң ҙур үкенестәреңдән булып, йәнеңә тынғы бирмәй. Кешеләрҙең әйтеп өлгөргән һәйбәт һүҙҙәренә ҡарағанда әйтеп өлгөрмәгәндәре, моғайын, күберәктер. Был яҡтан Рәмиҙең яҙмышы башҡаса. Иң ғәзиз тойғоларын, иң мөҡәддәс уйҙарын шағир шиғри юлдарға һалған, хаттарында, мәҡәләләрендә яҙған, сығыштарында, аралашыуҙарында әйткән. Ләкин әйтергә, яҙырға өлгөрмәгәндәрен йәки ярамағандарын көндәлектәрендә теркәргә тырышҡан. Был йәһәттән Рәми Ғарипов бәхетле шағир. Киләсәктәге ватандаштары менән үҙенең шиғырҙары аша ғына түгел, көндәлектәре аша ла аралаша алыуы менән бәхетле. Тағы ла тултырыбыраҡ әйткәндә, ошо яҙмалар аша шағирҙың эс серҙәрен тулыраҡ белә, аңлай алыуыбыҙ менән беҙ ҙә бәхетлебеҙ. Көндәлектәрен ҡулына алғанда Рәми былар хаҡында уйламаған, әлбиттә. Хатта яҡын дуҫына һөйләмәҫ эс серҙәрен дәфтәр биттәренә түккән. Шул осорҙағы тормош хәлдәрен хәҙер тағы ла ентекләберәк күҙ алдынан үткәрһәң, Рәми Ғариповтың көндәлектәрендәге әрнеүле монологтарҙы бик күптәр ҡабатлай алыр ине тигән фекергә киләһең. Ул яҙмаларҙа заманға хас кисерештәр үҙенсәлекле сағылыш тапҡан. Быуаттар буйына ауылда тамырланған башҡорт милләтенең традицион йәшәү рәүешендә егерменсе быуатта етди үҙгәрештәр башланды. Бер йәмәғәт булып ойошоп йәшәгән ауылдарҙан айырылып, байтаҡ кешеләр ҡалаларға ынтыла башланы. Башта был ынтылыш айырым осраҡтар менән сикләнһә, революциянан һуң, бигерәк тә утыҙынсы йылдарҙан алып киң күренешкә әйләнде. Тарихи нигеҙенән, милли мөхитенән айырылып, ҡала шарттарына килеп эләккән башҡорттарҙың күпселеге ауыр хәлдә ҡалды. Урбанизация ауҙарына ҡапҡан ауыл кешеләре алдында, уларҙың ырыу-милләтенә ҡарап тормайынса, ҡатмарлы һорауҙар тыуҙы. Ҡалала бер ниндәй таяныстары, бәйләнештәре булмаған тәбиғәт балалары башҡорттарға ҡалала тормош башлап ебәреү өсөн күпме ауыр һынауҙар һәм кәртәләр аша үтергә, хурлыҡлы мәлдәр кисерергә тура килде. Баш ҡалала башҡорт милли интеллигенцияһы, нигеҙҙә, ауылдарҙан килгән йәштәр иҫәбенә тулыланды. Башҡорт яҙыусылары иһә тотошлайы менән ауылдан сыҡҡайны. Байтаҡтарының торлаҡ мәсьәләһе яйлап хәл ителһә лә, күптәр йылдар буйына төрлө урындарҙа фатирҙа торҙо. Бигерәк тә йәш көстәргә бик ауырға тура килде. Башҡорттарҙың боронғо күсмә тормошо хәҙер берәй хужа үҙенең ҡараңғы бер босмағында һыйҙырмаһа, тағы ла торор урын эҙләп, һөйөклө республиканың баш ҡалаһы гүзәл Өфөнөң һине килмешәк һанаған урамдарында ҡаңғырыуҙар, кәмһетелеүҙәр, хурланыуҙар рәүешендә дауам итте. Хәниф Кәримдең дәреслектәргә ингән «Беҙ подвалдан, ер аҫтынан сыҡтыҡ, беҙ – иҙелгән халыҡ тоҡомо» тигән юлдары күңелдәргә онотолмаҫлыҡ булып инеп ҡалғайны. Мәскәүҙән ҡанатланып Өфөгә ҡайтып, баш ҡалала һыйыныр урын таба алмайынса, төрлө йорттарға барып төртөлгәндә Рәми был юлдарҙы йыш иҫкә төшөрҙө. Өфө урамдарында уны ҡабатлаусы ауыл балалары бер Рәми генә булған тиһеңме ни? Был шиғырҙы ҡабатламаһалар ҙа, бер үк яҙмыштарҙы ҡабатлайҙар, бер үк нужа һурпаһын әсәләр ине улар. Хәниф Кәрим «Беҙ подвалдан, ер аҫтынан сыҡтыҡ, беҙ – иҙелгән халыҡ тоҡомо» тигәндә кисәге ҡыйырһытылған синыфтың яңы дәүерҙәге азат балалары тураһында һүҙ алып бара. Ләкин был ваҡытта күпме йәш ғаиләләр подвалдарҙа, хужаларҙың һалҡын соландарында интегә ине. Рәми Ғариповтың: «Ҡайһы саҡта мин «Три карты, три карты!» тип аҡылынан яҙған Герман кеүек: «Квартира, квартира, квартира!» тип үҙемә үҙем әсенеп ҡысҡырам», – тигән хәлдәрен меңәрләгән яҙмыштар үҙ баштарынан үткәргән. Был хәлдәр Рәмиҙәрҙән һуң да дауам итәсәк, аҙағы булырға оҡшамай. Әйтерһең дә, был яҙмыш, милләт өсөн ғүмерен фиҙа ҡылырға әҙер булып, Өфөгә килгән йәштәребеҙҙең маңлайына яҙып ҡуйылған. Башҡорт әҙиптәренең ауыр көнкүреш шарттары тураһындағы мәсьәләне илленсе йылдарҙа республика партактивы йыйылыштарының береһендә күтәреп сығыш яһауын Мостай Кәрим бер мәл хәтерләп һөйләгәйне. Уның әйткәнен һүҙмә-һүҙ килтереп булмай, әммә бик тапҡыр параллель килтергәне иҫтә ныҡ ҡалған. «Әҙәбиәт кешеләрҙе яҡтылыҡҡа әйҙәргә тейеш. Ә беҙҙең бәғзе яҙыусыларыбыҙ подвалда йәшәй, эштән һуң ижадҡа тотонам тиһә, подвалдан кешеләрҙең тик аяҡтарын ғына күрә. Ул әҙиптәрҙән нисек ҡанатландырғыс әҫәрҙәр талап итәһең?» – Мостай Кәрим сығышында республика етәкселәренә бына шундай һорауҙар ҡуйған. Рәми Ғариповты йорт хужалары тар ғына ҡараңғы бүлмәгә ҡыуғас та, шағир «Таш сәскә»нән айырылмай. Ҡулъяҙмаһын тағы ла аҡтара, йыйынтығын тамам еренә еткереп эшләгән һымаҡ була. «11 июня 1957 г. Надя! Прости, дорогая, что так долго молчал. Вот только оторвался от своего «Каменного цветка»... Как будто я изваял свой каменный цветок!.. Вложил в него все: и злобу, и тоску, и ненависть, и любовь, и нервы, и кровь – все, что я имею в настоящее время, кроме голода и бессмысленного одиночества». Эштәр бына шундай көсөргәнешлек менән бара. Инде тағы ла бер артылышты артылаһы ҡалды: китапты Яҙыусылар союзында тикшерәсәктәр! Бына ниндәй һынау көтә йәш шағирҙы! Инде ул һынау ҙа артта ҡалды. Ҡайһы бер тәьҫораттар – Мәскәүгә ҡатынына яҙған хатында: «9 июля 1957 г. Дорогая моя! Сборник все еще у меня на руках, и я сижу над ним, сижу дико, тупо, бездумно. Я уже не могу. Обсудили в Союзе мой «Каменный цветок», хвалили и учили меня – и все было как-то не по-настоящему, беззаботно, поверхностно. И я впервые так глубоко понял последние стихотворные строки Пушкина, они совсем по-другому звучали в моих ушах: «Хвалу и клевету приемли равнодушно, и не оспаривай глупца». И у меня в душе сейчас такая бездонная пустота, где можно замерзнуть и окоченеть!.. Вдобавок к этому – состоялся разговор с секретарем обкома Сайрановым, подленьким человеком, который «руководит» нашей бедной башкирской литературой». КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары – республиканың идеология етәксеһе X. С. Сайранов-тағы һөйләшеү хаҡында әле алда әйтелер, ә хәҙергә Рәми Ғариповтың икенсе шиғри йыйынтығына әйләнеп ҡайтайыҡ. «Таш сәскә» китабын автор бик талапсан әҙерләй. Уны шиғриәт хаҡындағы мәҡәләләре менән бәхәстәр тыуҙырған Зөфәр Ғәбсәләмов редакторлай. Йыйынтыҡты Яҙыусылар союзында тикшерәләр. Бындай юғары кимәлдә фекер алышыу бик һирәктәргә генә насип була. Һөйләшеүҙән Рәми бик үк ҡәнәғәт ҡалмаһа ла, тәжрибәле ҡәләмдәштәре файҙалы кәңәштәр ҙә биргәндер, уларҙың теләктәре ҡулъяҙмалағы әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәрен булһа ла артабан камиллаштырырға ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Шағирҙы байтаҡ ваҡыттар үҙенә бәйләп ҡуйған «Таш сәскә» китабы 1958 йылдың аҙағына табан донъя күрҙе. Был йыйынтыҡ Рәми Ғариповтың тормошондағы һәм ижадындағы тотош бер араны йомғаҡланы. Был мөһим ваҡиғанан һуң шағирҙың ошо шиғыры тыуҙы: Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап, Ташҡа ырып яҙған китабым. Белмәйем дә, уның өсөнсөһөн Яҙырмынмы икән мин тағын? Быныһына ярты ғүмер китте. Китте йәшлек, китте бар хисем. Китте генәме һуң? Бер сабыйҙың Һәләк иттем ғүмерен йыр өсөн. Етмәһә, һин уны Лилиәмә, Һанға һуҡмай хисен атаның, Ят бер исем бирҙең. Иҫтәлеген «Таш сәскә» тип шуға атаным. Был шиғырҙың юлдарын тағатып аңлата башлаһаң, шағирҙың һәм уның ғаиләһенең яҙмышындағы байтаҡ хәлдәр күҙ алдынан үтәсәк. Шул хәл-ваҡиғаларҙың иң мөһиме – «Таш сәскә», Рәми Ғариповтың ташҡа ырып яҙған китабы. Тупланыу «Таш сәскә»не халыҡ тиҙ арала яратып өлгөрҙө. Китапты бигерәк тә йәштәр оҡшатты, ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыны. Ғайса Хөсәйеновтың «Таш сәскә» («Әҙәби Башҡортостан», 1959, № 1), Әхиәр Хәкимовтың «Рәми Ғарипов шиғырҙары тураһында» («Совет Башҡортостаны», 1959, 29 февраль), Әнис Зәйнуллиндың «Таш сәскә» (Ленинсы», 1959, 14 февраль) исемле рецензиялары сыҡты. Әхиәр Хәкимовтың ошо һүҙҙәре шағир ижадының мөһим бер сифатын аса: «Рәми Ғарипов йыйынтыҡтың тәүге битендә үк үҙенең халыҡ телен, уның поэзияһын һөйөүе тураһында һөйләй («Туған тел»). Был поэтик программа булып яңғырай һәм шағирҙың уны эҙмә-эҙлекле үтәргә тырышыуы күренә». Әнис Зәйнуллин да мәҡәләһендә башта уҡ «Туған тел» шиғырын килтерә, артабан «Уның шиғырҙарын уҡығас нисектер күңелгә рәхәт, йөрәккә йылы һирпелеп ҡала», «Күп шиғырҙарҙы ятлап алаһы килә, күңелгә, йөрәккә дәрт өҫтәлә, буранда ла Тыуған илдең йылыһын тояһың» тигән һоҡланыуын белдерә. Ғайса Хөсәйеновтың ҡайһы бер шиғырҙарға ҡарата фекере башҡасараҡ: «Эй кешеләр, үҙе иҫән саҡта белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..» тип, Туҡай ҡәберен бөгөнгө көндә сәскәләргә биҙәгән совет кешеләренә рәхмәт әйтәһе урынға хаҡһыҙ үпкә ташлай», «Рәми Ғариповтың лирик геройының йәнә бер етди кәмселеге шунда: ул уғата бойоҡ. Артыҡ моңһоу көйҙәрҙе көйләй, уның шатлығына ҡарағанда һағышы ҙур». Ике мәҡәләлә Ғариповтың шиғырҙары тыуҙырған ике төрлө, хатта ҡапма-ҡаршы тәьҫорат тураһында һүҙ бара. Бер яҡтан, әҫәрҙәрҙән йылы бөркөлә, улар йәшәргә дәрт өҫтәй. Икенсе яҡтан, шағир артыҡ моңһоу. Ләкин ике төрлө мөнәсәбәт шиғриәтте төрлө яҡлап кәүҙәләндерә, уны тулыраҡ күрергә, баһаларға ярҙам итә һымаҡ. Ысынлап та, Рәми Ғарипов ижады тормошҡа оло мөхәббәт тәрбиәләүсе, ил, халыҡ бәхете өсөн фиҙаҡәр хеҙмәткә әйҙәүсе шиғриәт. Шул уҡ ваҡытта шағир күңеле төрлө яҡлап, рухтың күтәренке мәлдәрендә генә түгел, болоҡһоған, һағышланған, эҙләнгән, өҙгөләнгән саҡтарында ла күренә. Был сифаттары менән шағир башҡорт лирикаһының уй-хистәр полифонияһына, күп төрлөлөккә ынтылышын көсәйтте. Киләсәк перспективаларҙы билдәләйәсәк был бик мөһим үҙенсәлектәр «Таш сәскә»ләге барлыҡ шиғырҙарҙа ла балҡып асылып китә алмаһа ла, Рәми нәҡ ошо йүнәлештә эҙләнде, әҙәбиәттә һиҙелерлек күренешкә әйләнгән ижад уңыштарына иреште. Был китаптағы шиғырҙарҙа, алдағы йыйынтыҡтарҙа эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк, йылдан-йылға нығына барасаҡ сифаттар берсә сағыу асылды, берсә киләсәктә көсәйеп үҫеп китәсәк башланғыстар булараҡ төҫмөрләнде. Сағыу асылғандарынан «Туған тел», «Таш сәскә», «Шағир», «Әсәм ҡулдары», «Урал йөрәге», «Күркәмлек», «Тәүге һөйөү», «Һуңғы осрашыу», «Яҙғы йыр», «Барһың», «Ауыр булыр һиңә минең менән», «Саған», «Сыйырсыҡ», «Ҡолонсаҡ», «Ҡуян балаһы», «Шундай һалҡын, шундай сит ай» һымаҡтарын айырып атарға кәрәк. Был шиғырҙар Рәми Ғариповтың иң һайлап алынған әҫәрҙәре араһында ғына түгел, башҡорт шиғриәтенең антологияларында урын алырға хаҡлы. Унда шағир ижадының төп йүнәлештәре билдәләнгән. Беренсенән, тыуған ил, халыҡ менән шәхес араһындағы бәйләнеш. Китаптың үҙәген тәшкил итеүсе шиғырҙар нәҡ бына ошо мәңгелек мәсьәләләр тураһындағы уйланыуҙарҙан тыуған. Халыҡ менән шәхес мөнәсәбәттәре йәшәүҙең үҙе һымаҡ боронғо булһа ла, «Таш сәскә» йыйынтығында ул хаҡта һүҙ алып барыу яңыса. Бында Ватанға тоғролоҡ хаҡында яңғырауыҡлы анттар әйтелмәй, күтәренке вәғәҙәләр бирелмәй. Ил яҙмышы тураһында шағир тарих ҡатламдарын аҡтарып, ауыр көрәш юлдарын байҡап уйлана, милләттең йыназаһын көткән күрәҙәселәрҙе хәтерләп, йөрәге һыҙлана: Урман-һыуын, ерен тартып алып Ҡан-йәш һеңгән аяҡ аҫтынан, Аҡ батшалар ҡара ҡулдар менән Муйынынан уның аҫтылар! Аҫтылар ҙа, мыҫҡыл итеп уны, Үлем юрап, көлдө юраусы: Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!.. «Урал йөрәге»нең аҙағы ла үҙенсәлекле: бында пафос үҙенә, халҡына инаныу рухы менән һуғарылған, шуға ихлас, тәбиғи: Йөрәгем, тим, изге төйәгемде, – Хаҡ яҙмышым шунда ташланған, Шунда минең бәхет таңым атҡан, Шунда миңә Ватан башланған! Икенсенән, Рәми Ғарипов шиғриәтендә артабан төп ҡаҙаныштарҙан булған уй-кисерештәр муллығына, гармонияһына ынтылыш, лирикаға иғтибарҙың артыуы «Таш сәскә» китабындағы төп йүнәлештәрҙән. Йыйынтыҡтың исеме аҫтына «лирика» тип яҙылған. Тимәк, әҫәрҙәрҙең төп жанры бына шулай билдәләнгән. Өсөнсөнән, шағир тәбиғәткә нығыраҡ яҡыная, ер-һыуҙың телен зирәгерәк аңлай бара. «Йәп-йәш үлән түшәгендә ятам, ябынып мин ҡояш нурҙарын» – йыйынтыҡтағы байтаҡ шиғырҙар нәҡ ошондай бәйләнештән тыуған, ижад тамырҙарының нәҡ шунда икәнлеген, ҡайһы саҡта уларҙың етмәгәнлеген шағир йылдан-йыл тәрәнерәк аңлай. Дүртенсенән, һүҙҙең бәҫен тойоу, уны ҡәҙерләп тотоноу әҫәрҙәрҙең артыҡ һуҙылыуына юл ҡуймай. Йыйынтыҡтағы күпселек шиғырҙар бик йыйнаҡ, ыҡсым. Уларҙағы һәр ҡыҫҡалыҡ камиллыҡ өлгөһө булмаһа ла, шағирҙың һүҙгә талапсанлығы бәхәсһеҙ. Әле һаналған дүрт үҙенсәлек «Таш сәскә»ләге шиғырҙарҙың төп булмышын, асылын, моңон билдәләй тиергә мөмкин. Уларҙың әһәмиәте авторҙың ижади үҫешендәге яңы аҙым булыу менән сикләнмәй. Башҡорт шиғриәтендә илленсе йылдарҙың икенсе яртыһынан башланған яңырыу, күтәрелеш юлында был йыйынтыҡ – шатлыҡлы күренештәрҙән. Әле һаналған сифаттары менән ул яңы тенденцияларҙы, бигерәк тә лириканың тулы хоҡуҡ яулай барыуын көсәйтте. «Таш сәскә»лә егерменән артыҡ тәржемә урын алды. Уларҙы бергә туплағас, шағирҙың тәржемәсе һәләте балҡып асылды тип икеләнеүһеҙ раҫларға мөмкин. Китаптың редакторы Ғәбсәләмов та, баш мөхәррир ҙә уларҙы индереүгә ҡаршы торһа ла, шағир тәржемә эшенә баштан уҡ ныҡ әһәмиәт бирҙе, һүҙен һүҙ итте. Надежда Васильевнаға яҙған хаттарҙың береһендә (27.06.57) ошондай юлдар бар: «...Только что сегодня ночью читал у Брюсова, что поэтов при переводе стихов увлекает чисто художественная задача: воссоздать на своем языке то, что их пленило на чужом, увлекает желание – «чужое вмиг почувствовать своим» – желание завладеть этим чужим сокровищем. Прекрасные стихи – как бы вызов поэтам других народов: показать, что и их язык способен вместить тот же творческий замысел. Это и мое убеждение, и моя мечта. Я свои переводы ценю больше, чем свои стихи. Я не могу согласиться, чтобы их выкинули из сборника. Они – мои дети! Вот за них и дрался я». Тәржемәгә Ғарипов үҙ шиғырҙарына ҡараған һымаҡ талапсан булды, был эшкә тотонғанда уҡ асыҡ концепцияһын нигеҙләне. Төп маҡсат – шиғриәттең офоҡтарын киңәйтеү, художество сараларын донъя әҙәбиәтенең тәжрибәһе менән байытыу. Китапҡа ингән Рудакиҙың, Гейненең, Абайҙың, Такубокуҙың, Блоктың, Есениндың шиғырҙарын шул замандағы байтаҡ башҡорт уҡыусылары ғына түгел, хатта күпселек ҡәләмдәштәре лә нәҡ ошо тәржемәләрҙә тәүге ҡабат уҡығандыр. Ә Ли Боның Ҡытайҙа әйткән ошо һүҙҙәрен мең йылдан һуң Рәми башҡортса беренсе ишеттергән: Эҫе көндән ял итергә Болоттар ҡасып бөттө, Ҡоштарҙың да һуңғы тубы Янымдан осоп китте. Ҡарап торам мин тауҙарға, Тауҙар ҙа ҡарай миңә. Оҙаҡ-оҙаҡ ҡарашабыҙ, Ялҡытмай икән ниңә? Бындай шиғри фекерләү ябай ғына күренештәр аша үҙенсәлекле донъяны аса, нескә зауыҡ тәрбиәләй. Ике тиҫтәнән ашыуыраҡ ошо аҫыл үрнәктәр Рәми Ғарипов ижадында бик мөһим тармаҡ булып үҫеп китәсәк төп йүнәлештәрҙең береһенә юл асты, башҡорт шиғри тәржемәһен яңы сифат юғарылығына күтәрҙе. Был эшмәкәрлек шағирҙың йылдар аша алға ҡарау һәләтенең бер сағылышы ине. «Таш сәскә»ләге тәржемәләрҙе был китап хаҡында яҙыусылар юғары баһаланы: «Йәш автор үҙенә оҡшаған, үҙ поэтик моңона тартымыраҡ шиғырҙарҙы тәржемә иткәнен һиҙеп була», «Классик шиғырҙарҙы оҫта тәржемә итеү ҡеүәһен асып ебәрә» (Ғайса Хөсәйенов); «Ғариповҡа был өлкәлә эшләүен дауам итергә һәм тәржемәнең жанрҙарын һәм формаларын киңәйтергә кәрәк» (Әхиәр Хәкимов). Киләсәктә был баһалар һәм теләктәр тулыһынса аҡланды. Байтаҡ тапҡыр юлдары менән уҡыусыларҙың хәтерендә ҡалған был китап үҙенең төҙөлөшө буйынса ла үҙенсәлекле. Унда ингән шиғырҙар ете төркөмгә тупланған: «Илем, телем», «Тыуған ерем – һөйгән йәрем», «Уйҙарым, теләктәрем», «Тәүге һөйөү», «Студент көндәлегенән», «Төрлөләр», «Ирекле тәржемәләр». Әҫәрҙәрҙе ошолай бүлектәр буйынса урынлаштырыу Башҡортостан китап нәшриәтендәге баҫмалар өсөн шулай уҡ яңы алым ине. Башта шағирҙың фотоһын, аҙаҡ уның тураһында бер битлек булһа ла белешмә биреү «Таш сәскә»не уҡыусылар өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итте. Был йыйынтыҡтың Горький тарафынан ойошторолған «Библиотека поэта» («Советский писатель» нәшриәте), һуңыраҡ барлыҡҡа килгән «Библиотека советской поэзии» («Художественная литература» нәшриәте) тигән популяр серияларҙа баҫылған китаптар форматында, хатта шуларға оҡшаш биҙәлештә сығыуы шулай уҡ осраҡлы хәл түгел. Был сериялағы китаптарҙы китапханаһына йыйып барырға тырышҡан Рәми Ғариповтың үҙенең теләге, тәҡдиме менән шулай эшләнгән булырға тейеш. Зауыҡ менән әҙерләнгән был ыҡсым, тос йыйынтыҡ уҡыусыларҙың күңеленә хуш килә, бик урынлы тәҡдимдәр әйтелә: «Башҡортостан китап издательствоһы шиғырҙар китабын ошо форматта сығарыуын дауам итһен, ә Ғарипов алдағы көндә лә янып йәшәһен ине» (Әнис Зәйнуллин). Шағирҙың ижад өсөн янып йәшәүҙәре, көнкүреш ҡыйынлыҡтары менән айҡашыуҙары дауам итә. Мәскәүҙә тыуған икенсе балалары Лилиәгә ата-әсәһен оҙаҡ ҡыуандырырға насип булмай: бик ауыр йәшәү шарттарында туҡтауһыҙ ауырып, был фәҡир донъяны ҡыҙыҡай бер нисә айҙан ташлап китә. Шулай итеп, яңы китап килтергән ҡыуаныстарға ҡара ҡайғы ла ҡушыла. «Таш сәскә» китабының шәхси китапханамда университетта уҡыған саҡтарымдан ҡәҙерләп һаҡланған данаһына Рәми Ғарипов 1966 йылдың 20 сентябрендә ошондай һүҙҙәр яҙған: «Рауил – быныһы минең иң бәхетлеһе – студенттыҡы. Тик заманы ғына үтә ауыр ине – мин бер үҙем инем... Рәми». Бик ҡаршылыҡлы кисерештәр: бәхет һәм яңғыҙлыҡ. Яңы китабыңды ҡулыңда тотоп бәхеттән ҡанатланыуҙар аңлашыла. Тик «мин бер үҙем инем» тигән һүҙҙәр башта нисектер сәйерерәк һымаҡ. Рәми Өфөлә эшләй башлаған дәүерҙә матбуғатта байтаҡ ҡына яңы исемдәрҙең күренеүе, үҙенсәлекле йәш көстәрҙең тупланыуы тураһында һөйләп үтелгәйне. Башҡорт дәүләт педагогия институтында, артабан университетта әҙәби түңәрәккә йөрөүсе йәштәр араһында бик һәләтлеләре бар. «Ленинсы» газетаһы янында ла әҙәби түңәрәк ойошто, унда барлыҡ ҡаланан йәштәр йыйыла. Фекер алышыуҙарҙа Рәми ҙә йыш ҡатнаша. Уның әҙәбиәт тураһында төплө һүҙҙәрен барыһы ла ихтирам менән тыңлай. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында диплом яҡлап Рафаэль Сафин, Рәйес Низамов, Шакир Янбаев ҡайтты. Мәскәүҙә, Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа юғары белем алған егеттәр, ҡыҙҙар күбәйә. Ауылдарҙан да Өфөгә йәштәр хәҙер йылдан-йыл күберәк тартыла, уҡырға ла, эшкә лә урынлашалар. Ижадҡа ынтылғандары ла бар, улары күберәк «Ленинсы» газетаһы янындағы түңәрәккә йыйыла. Был түңәрәк ултырыштарында ҡайһы саҡта оло әҙиптәр ҙә ҡатнаша. Бер килгәнендә Мостай Кәрим яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Вагон башында тәү ҡат юлланып, мең бәләләр менән килеп етеп, тау башындағы Өфөгә күтәрелгәндә Арҡауыл малайы Рәмил Ғарипов Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында аҙым һайын башҡортса һөйләшеп йөрөйҙәрҙер инде ул тип уйлағайны. Бөтөнләй улай түгел икән. Интернаттағы иптәштәре менән Өфө буйлап йөрөгәндә башҡортса һөйләшеп барған кешеләр бөтөнләй тиерлек осрамай торғайны. Башҡортса белгәндәрҙең дә күбеһе ул заманда үҙ телендә һөйләшергә тартынды. Интернат уҡыусыларының урамда ҡысҡырып һөйләшкәндәрен ишетеп, ҡайһы берәүҙәр сәйерһенеп боролоп ҡарай ине. «Ниңә үҙегеҙсә бытылдайһығыҙ, кеше аңларлыҡ итеп һөйләшһәгеҙ булмаймы?» – тип киҫәткәндәре, хатта екеренгәндәре лә булды. Шундай кәмһетеүҙәрҙе ҡат-ҡат күргәндән һуң башҡортса ауыҙ асып һүҙ әйтергә ҡыймағандар, яйлап-яйлап үҙ теленән биҙҙерелгәндәр ҙә бик күп ине бит. Унан һуң ун йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән, әммә Өфө урамдарында башҡортса һөйләшеп йөрөүселәр әле лә бик һирәк осрай. Улары ла шул ауылдан килеп уҡып йөрөүсе студенттар, интернат балалары, ижади интеллигенцияның бер өлөшө. Кәрәкле учреждениеға йәки дәүләт ойошмаларына инеп, башҡортса һөйләшеп йомошомдо йомошлармын тимә. Унда һине йәки бөтөнләй аңламаҫтар, йәки төшөнгәне лә, төшөнмәгән кеше булып, башҡортса һорауыңа башҡортса яуап ҡайтарырға оялыр. Бындай хәлдәрҙе күреп, Рәми аҙ ғәрләнмәне. Шулай ҙа тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Халыҡ тип янып йөрөгән дәртле йәштәр күберәк күренә башланы. Бигерәк тә ижадҡа ынтылыусы йәш көстәрҙең уҙғандағы тарихи ваҡиғаларға, әҙәби мираҫҡа мөнәсәбәте яңыса. Милләттәрҙең күпме бөйөк шәхестәрен һәләк иткән сәйәси репрессиялар тураһында хәҡиҡәтте белеп, яңы быуындар рухи тетрәнеүҙәр кисерҙе. Уларҙың күҙ алдында әле замандаштары булған күпме абруйлы исемдәрҙең бәҫе-дәрәжәһе төштө. Дөрөҫлөктө тулыраҡ белергә теләү йәштәр араһында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы, уларҙа ғәйептәрҙе фашлау, тәнҡитләү рухын көсәйтте. Зөфәр Ғәбсәләмовтың «Әҙәби Башҡортостан» журналында (1957, № 1) «фекер алышыу тәртибендә баҫыла» тигән редакцион иҫкәрмә менән донъя күргән «Шағирҙың яңы йыйынтығы» исемле мәҡәләһендә Сәйфи Ҡудаштың «Минең мөхәббәтем» исемле китабына ҡарата күп кенә тәнҡит һүҙҙәре әйтелде. Ләкин өлкән әҙиптең исеме тирәһендәге бәхәстәр бының менән генә туҡтаманы, киреһенсә, йәштәр араһында тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китте. Хәҙер илленсе йылдарҙың икенсе яртыһында Өфөләге әҙәби мөхиттә Рәми Ғарипов менән йыш аралашҡан Булат Рафиҡовтың «Мәскәүгә яҙылған хат» тигән яҙмаларынан өҙөк килтерәйек. Әйткәндәй, был хәтирәләрҙе Булат Рафиҡов Надежда Васильевнаның үтенесе буйынса Рәми Ғарипов тураһындағы иҫтәлектәр китабы өсөн махсус яҙған. Булат Заһри улы былай бәйән итә: «1956 йылдың йәйендә мин «Ленинец» редакцияһында эшләп алдым... Шунан гәзиттең штаттан тыш хәбәрсеһе булып киттем. Шул сәбәпле, редакция эргәһендә түңәрәк ойошторғас, мине уның старостаһы иттеләр: йәнәһе, һин бында үҙ кеше, редакция менән түңәрәк араһында бәйләнеште һин тормошҡа ашыраһың. Эшкә ихлас тотондом, йәштәр ҙә түңәрәккә атылып торҙо. Иғлан баҫылып сығыу була, тәғәйенләнгән сәғәттә редакцияға башлап яҙыусылар – студенттар ҙа, эшсе йәштәр ҙә килеп тула. Шиғырҙар уҡыла, йыйынтыҡтар тикшерелә, сәйәси темаларға ҡыҙыу-ҡыҙыу фекер алышыуҙар уҙа. КПСС-тың XX съезы булып, шәхес культына ҡаты хөкөм ҡарары сығарылған йыл бит, ирек еле күңелдәрҙе елкендергән мәл. Беҙ үҙебеҙҙе тауҙар аҡтарырға әҙер итеп тоя торғайныҡ». Булат Рафиҡов был осорҙағы йәш әҙәби көстәрҙең иң уртаһында ҡайнаусыларҙан. Пединститут-университеттың әҙәби түңәрәгендәге эштәрҙе ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе. Исеме матбуғатта әленән-әле күренеп тора. Рәми Ғариповтың «Йүрүҙән» китабына Зөфәр Ғәбсәләмов менән икәүләп әсе генә рецензия ла яҙып сыҡҡайнылар («Әҙәби Башҡортостан», 1954, №10). «Совет Башҡортостаны»нда эшләп йөрөгән Рәми Булат менән тәүге тапҡыр осрашҡанда ул мәҡәләне: «Зөфәр менән һинең бүтәндәрҙән аҡыллы булып күренергә тырышыуығыҙ, асыуланма, тураһын әйтәм: тәнҡиттә оригиналь булып маташыу – маймылланыу ул», – тип хәтергә алғайньг Рәми ниндәйҙер үпкә йәки асыу һаҡлап йөрөмәне. Йәштәрҙең һәр уңышына ихлас ҡыуаныусы шағир аҙаҡ «Юлдағылар» исемле мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: «Булат Рафиҡовтың... сентименталлеккә ят булыуы ҡыуандыра. Ул ололар өсөн дә, балалар өсөн дә көр күңелле шиғырҙар яҙа һәм уларҙа беҙҙең көн пафосы яңғырай. Әгәр ҙә ул ҡоро риторикаға бирелеп китмәгәндә һәм шиғыр теленә иғтибарлыраҡ булғанда, Ғ. Сәләм позаһына тормайынса ла, баҙыҡ тауышлы шиғырҙар яҙырлыҡ ҡыйыу ғына ҡәләме бар. Ә иң мөһиме – уның үҙ быуынына һәм тормошҡа ҡарата актив мөнәсәбәттә булыуы! Тормош, тормош! Түгел танса залы. Бейек үксәләрҙә үтергә!.. Был, әлбиттә, фекерҙе үҙенсә әйтергә тырышыу. Булат шиғри хикәйәләрҙе, тапҡыр фекерҙе ярата». Рәмиҙең баһаламаһы Булат Рафиҡовтың шул осорҙағы йәш әҙәби көстәр хәрәкәтендәге урынын ярайһы уҡ асыҡ күрһәтә. Хәҙер инде «Мәскәүгә яҙылған хат»тан тағы бер өҙөк алайыҡ: «Беҙҙең ижади фекер алышыуҙарҙа, сәйәси бәхәстәрҙә Зөфәр Ғәбсәләмов, Шакир Бикҡолов һәм Рәми Ғарипов өҫтөнлөк итә торғайны. Тәүге икәүһе – ҡыҙыу кешеләр, ярһып китәләр ҙә тамаҡ менән алдырырға тырыша башлайҙар. Һәлмәк һүҙле Рәми ҡабаланмай, фекерҙәрен нығыраҡ дәлилләп һөйләй. 1957 йылда Октябрь революцияһына (? – билдәләүгәлер – Р.Б.) әҙерлек менән бергә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы еткәнен иҫкә төшөрҙөләр. Был юбилейҙың июндә билдәләнәсәге, Мәскәүҙән оло кешеләр киләсәге мәғлүм булды. Тағы бер яңылыҡ: Сәйфи Ҡудашҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен бирмәкселәр икән. Быныһы инде беҙҙе ныҡ тулҡынландырҙы, сөнки ул ваҡытта 1937-1938 йылдарҙа ғәйепһеҙгә юҡ ителгән башҡорт яҙыусыларын реабилитациялау башланып, шуға бәйле ул ағайҙың һәм тағы ла бер нисә кешенең исемдәре насар яҡтан йыш ҡына телгә алына ине. Рәсми телдә түгел, ә иҫбатлау талап ителгән хәбәр рәүешендә. Дөрөҫлөктө бөтә нәмәнән юғары ҡуйыусы йәштәрҙе тоҡандырыу өсөн шул да етә. Бигерәк тә беҙҙең Белинский – Зөфәр һис кенә лә тынғы тапманы, беҙгә лә тынғы бирмәне. — Нимә тәҡдим итәһең? – тип Әнүр Вахитов мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя. — Мәскәүгә яҙырға. Шепиловҡа! – Уныһы КПСС Үҙәк Комитетының шул саҡтағы идеология буйынса секретары ине. — Мәскәүгә төплө дәлилдәр кәрәк, ул ҡоро һүҙгә ышанмай, – ти Рәми уйсан ғына. — Дәлилдәр бар! — Башта шул дәлилдәрҙе күрәйек, танышайыҡ, шунан хат тураһында уйлашырбыҙ. – Рәми ныҡ тора. Беҙ ҙә уның тәҡдимен яҡлайбыҙ». Кәрәкле дәлилдәр йыйыла. Материалдарҙың күбеһен Ғәйнан Әмири бирә. Йылдар үткәс, Ғәйнан ағай шул хаҡта Булатҡа үҙе ентекләп һөйләй. Мөслим Мараттан да ҡайһы бер мәғлүмәттәр алалар. Бәхәсләшә-бәхәсләшә, хат та яҙып бөтөлә. «Үҙебеҙгә ниндәйҙер ҡурҡыныс янағанын һиҙә инек. Рәми менән Зөфәр әмәлен таптылар: хатты тимер юл вокзалына алып барып, Мәскәүгә уҙып барған поездың почта вагоны кешеһенә биреп ебәрҙек... Ә бит арабыҙҙа, юҡ менән булышмағыҙ, тип иҫкәртеүселәр ҙә, ҡул ҡуйыуҙан ҡырҡа баш тартыусылар ҙа табылды. Уларҙы тыңламаныҡ» (Булат Рафиҡов. Әҫәрҙәр. 2 том, Өфө, 2004, 316-319-сы б.). Мажаралы әҫәр яҙырлыҡ ваҡиғалар менән башланған был сюжет артабан да мажаралы дауам итә. Булат Рафиҡовты тарихтан имтиханда ултырған еренән партияның өлкә комитетына алып китәләр. Өлкә комитетының идеология буйынса секретары Хәйҙәр Сайранович Сайранов, алдында ятҡан ҡағыҙҙарға күрһәтеп: «Иптәштәр, бик тә күңелһеҙ хәл килеп сыҡты. Бер төркөм ҡағыҙ бысратыусы Мәскәүгә беҙҙең өҫтән әшәке хат яҙған», – ти. Сайрановтың өҫтәле янына уҡ ултыртылған Булат ҡағыҙҙа ҡыҙыл менән яҙылған «Разобраться. Доложить» тигән һүҙҙәрҙе, Ш хәрефе менән башланған имзаны абайларға өлгөрә. Бик ҡаты һорау алалар: кемдәр ҡотортто, өлкәндәрҙән кемдәр материал табып бирҙе? Фамилиялар ҙа һанала: Мөслим Маратмы? Әмир Чанышмы? Жан Лоҡманмы? Ҡадир Даянмы? Бикбаймы? Әмириме? Ошондай уҡ ҡаты һөйләшеүгә өлкә комитетына Рәми Ғариповты ла саҡыралар. Егеттәр алдан һөйләшкән кеүек бер үк яуапты бирәләр: йәштәр үҙебеҙ яҙҙыҡ, исемдәр күрһәтелгән, башҡа бер нәмә лә белмәйем. «Ҡара, былар нисек һүҙ беркеткәндәр, яуаптары һүҙмә-һүҙ тап килә», – тиҙәр һорау алыусы хөкөмдарҙар. Тиҙҙән КПСС Үҙәк Комитетының июнь пленумында Маленковты, Молотовты, Кагановичты, «уларға ҡушылған Шепиловты» етәкселектән сығарып ташлайҙар. Хәҙер инде ошо «антипартийный» төркөм менән Өфөнән хат яҙыусылар араһында ниндәй бәйләнеш барлығын асыҡлау башлана. Булат Рафиҡовты тағы ла имтихандан алып китәләр. Шул уҡ ваҡытта Рәми Ғариповтан һорау алғандар. Иртәгеһенә Зөфәр Ғәбсәләмовты, Йәдкәр Наймановты, тағы кемдәрҙелер саҡырғандар. Был юлы инде һөйләшеү кешеләрҙең ҡотон алған дәһшәтле урында – илдең именлеген һаҡлау учреждениеһында бара. «Һуғып ебәреүҙән тартынмайҙар ине әле», – тип хәтерләй Булат Рафиҡов. Мәскәүгә яҙған хатҡа имза ҡуйғандарҙың күптәре менән эшләгән йә уҡыған урындарында именлек һаҡлаусылар йәшерен әңгәмә үткәрәләр. Башҡортостандағы йәш әҙәби көстәрҙең байтағының яҙмышына ҡағылып үткән был ваҡиғалар хаҡындағы ҡайһы бер бик мөһим мәғлүмәттәрҙе Рәми Ғарипов үҙе лә һиҙмәҫтән шул көндәрҙә үк тарих өсөн теркәп ҡалдырған. Ҡатынына яҙған баяғы хатындағы: «Состоялся разговор с секретарем обкома Сайрановым» тигән һүҙҙәрҙең йөкмәткеһен шағир артабан былай аңлата: «Дело в том, что мы, молодые, перед празднованием четырехсотлетия писали письмо в ЦК, Шепилову, о творчестве и делах С. Кудаша. Ему хотели дать звание народного поэта Башкирии! Мы восстали (я редактировал это письмо) и послали в Москву. С. К. остался без звания, и за это нас сейчас «обрабатывают» его бесстыдные защитники, а мы – их. Нам нечего терять перед правдой. Но все-таки видеть такие вещи в наши дни очень больно... Нас сейчас настоящим образом преследуют, и еще неизвестно – чем это кончится...». Июль аҙағындағы хатында Рәми былай тип яҙа: «Жизнь моя – какой-то «чертов круг». И связана она с какой-то большой жизнью, жизнью моего народа, с моими убеждениями о нем, с любовью к нему, я хочу что-то от себя оставить ему, хочу быть чем-то полезным ему, нужным. А вот за это меня преследуют теперь, допрашивают и у меня родилось большое неверие к сидящим там людишкам. Теперь я сам видел, какие грязные люди нами хотят распоряжаться... Надя, дорогая, я обо всем этом подробно не могу тебе писать (письма мои могут читать) и не должен пока говорить на эту тему. А это – моя жизнь!.. (28.07.57)». Эҙәрләнеүҙәр, һорау алыуҙар үҙенең ауыр йоғонтоһон ҡалдыра. Иң насары шул: йәштәрҙең кешеләргә ышанысын ҡаҡшатыу, күңелдәренә шом һалыу, берҙәмлеккә ынтылыуҙы төрлө юлдар менән тарҡатырға тырышыу. Рәмиҙең «мне страшно быть одиноким» тигән һүҙҙәре, яңғыҙлыҡтан ғазапланған мәлдәре, ул ваҡыттарҙы «Тик заманы ғына үтә ауыр ине – мин бер үҙем инем», – тип хәтерләүе бына шул ҡыҫымдарҙың, кеше күңелен тентеүҙәрҙең сағылышы ул. Шул 1957 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары, обкомда бюро ағзаһы булған Мәрүән Йәнгировтың аҙаҡ Булат Рафиҡовҡа һөйләүе буйынса, Мәскәүгә яҙған хат Башҡортостан етәкселегендә ҙур шау-шыу тыуҙырған. Беренсе секретарь Семен Денисович Игнатьев ниңә Сәйфи Ҡудашты көсләп халыҡ шағиры яһайһығыҙ тип, янындағы түрәләрҙең тетмәһен теткән, Яҙыусылар союзының милли составы хаҡында (хатта был мәсьәлә лә ҡуҙғатыла – Р.Б.) белешмә әҙерләргә ҡушҡан. Хат авторҙарын хөкөмгә тарттырыу, һабаҡ булһын өсөн бер-ике кешене ҡулға алырға кәрәклеге тураһында әйтеүсе ҡуштандарҙың ауыҙын да ул ябып ҡуйған. Был ваҡиға барыбер эҙһеҙ үтмәгән. Йәштәргә ул ике төрлө һабаҡ биргән тиергә була. Беренсенән, берҙәм булып ҡыйыу тотонғанда, хәҡиҡәтте яҡларға, ялғанды фашларға мөмкин икән. Берҙәмлектең, ҡараштарыңды төплө, принципиаль яҡлай белеүҙең ниндәй ҙур көс икәнлегенә был хатты ойоштороусылар нығыраҡ ышана башлай. Уларҙың аңына аҙ ғына булһа ла сәйәси көрәш тәжрибәһе өҫтәлә. Икенсенән, имзаларын ҡуйыусыларҙың күбеһе бындай эштәрҙең язаһыҙ ҡалмауын үҙ яҙмыштарында татып аңлайҙар, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ итеп хәтерҙәрендә ҡалдыралар. Был һабаҡ һәр кемдең күңелендә һағайыу, шикләнеү тойғоларын көсәйтә. Был һабаҡ Рәми Ғарипов һымаҡ маҡсаттарына тайпылышһыҙ инанғандарҙы тағы ла үҙ һүҙлерәк, саяраҡ итһә, эҙәрлекләүҙәргә, рухи тентеүҙәргә дусар ителгәндәр араһында бынан һуң үҙ-үҙенә бикләнгәндәр, күңеле имгәнгәндәр ҙә булған. «Ленинсы» редакцияһы янындағы түңәрәктән башланған был тарихты илдең һиллеге һағында тороусылар киң йәмәғәтселектән йәшерергә тырышҡандарҙыр, күрәһең. Унда ҡатнашыусыларға ла был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушылғандыр. Был туралағы хәбәрҙәр аҙаҡ имеш-мимеш кимәлендә тарала. Һәр хәлдә беҙгә, 1957 йылдың көҙөндә Башҡорт дәүләт университетының тәүге студенттары булараҡ, «Ленинсы»ның ҡала күләмендәге абруйлы әҙәби түңәрәгенә йөрөй башлағандарға, Сәйфи Ҡудаш исеменә бәйле был хат, уны яҙыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡала ине. Аҙаҡ Рәми Ғарипов менән яҡындан аралашып йәшәгән саҡтарҙа ла был хаҡта ул бик һөйләп бармай торғайны. 1957 йылдың аҙағында Рәми китап нәшриәтенән китә, өс-дүрт ай ирекле шағир булып йәшәп ала. Яңы 1958 йыл алдынан Ғариповтарға Фрунзе урамындағы ағас йорттан кескәй генә бер бүлмә бирәләр. Ҡыйыҡтан, йәғни сарлаҡтан торлаҡҡа әйләндерелгән был фатир йоратында бер ниндәй ҙә көнкүреш уңайлыҡтары юҡ. Йәшәр сараң булмағанда, сарлаҡҡа ла ҡыуанырһың. Һатып алып, утынын да ярырһың, урамдағы колонканан йүгерә-йүгерә һыуын да ташырһың. Нисек кенә фәҡир булһа ла, үҙ мөйөшөң, иртәгә хужа нимә әйтер тип ҡурҡып йәшәйһе түгел. Рәми Ғариповтың «Юлдағылар» исемле мәҡәләһе ошо яңы төйәктә яҙыла. Милләтенең киләсәге, әҙәбиәттең, туған телдең яҙмышы тураһында тынғыһыҙ хәстәрлектәр менән йәшәүсе һәр ижадсыға хас булғанса, Рәми һәр яңы исемгә иғтибарлы. Һәләтле йәш авторҙың шиғырҙарын уҡыу уның өсөн ысын байрамға әйләнә. Газетала эшләгәндә, бигерәк тә нәшриәттә, байтаҡ йәштәрҙең ҡулъяҙмалары менән танышырға тура килә. Ләкин яҡшы әҫәрҙәр йыш ҡыуандырмай. «Йәш көстәр» альманахын әҙерләгәндә лә шиғырҙарҙы ҡат-ҡат эшләттертә. «Ихсан менән телефондан һөйләштек. Ә. Ғайсин менән Б. Рафиҡов үҙҙәре килде. Кисә Әнүр Вахитов килгәйне. Бөтәһенә лә шиғырҙарын яңынан ҡарап сығырға, яңынан эшләп килтерергә биреп ҡайтарҙым. Ризалашҡан булдылар» (10.04.57). Көндәлек артабан былай дауам итә: «Тик Нур Хәбиров килеп еткәс кенә күңелем яҡтырып китте. Ғәжәп үҙенсәлекле шағир! Эйе, был – шағир, әгәр ҙә эҙләнһә, боҙоп ҡуймаһалар, был егеттән эш сығасаҡ. Шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып, рәхәтләнеп ултырҙым. Үҙемә күсереп алып ҡуйыр өсөн өйгә алып ҡайттым. Надяға башҡортса уҡып, русса тәржемә итеп күрһәттем. Уға ла бик оҡшаны был шиғырҙар. Минең шатланыуым Надяға ла күсте булһа кәрәк, өй эсе яҡтырып, йылынып киткән кеүек булды». Дәфтәренә Нур Хәбировтың өс шиғырын күсереп ала. Уларға һоҡланып, Рәми «йәштәр араһында әле бындай үҙ аллы, бындай үҙ тауышлы шағир юҡ», – тип яҙып ҡуйған. Хәбиров, ысынлап та, шул заман уҡыусылары өсөн дә, шиғриәт өсөн дә ҡыуаныслы асыш булды, уның шиғри юлдарын йәш шағирҙарҙың да илленсе йылдар аҙағында йыш ҡабатлағаны хәтерҙә. Йылдар үткәс, Рәми Ғарипов әле үҙе һоҡланған Нур Хәбировтың ижади яҙмышын башҡасараҡ баһалар, ләкин әле уның башҡаларҙың шатлығына ни тиклем ихлас ҡыуана алыуы үҙе һоҡландыра: «Бына, исмаһам, шиғырҙар! Ни тиклем тәбиғи һәм аҡыллы тойғо был егеттә! Тел ниндәй яғымлы – башҡортса. Бәлки мин артыҡ ғашиҡтыр?..» һуңғы һорау ҙа бик урынлы икәнлеген киләсәк күрһәтәсәк. Ләкин йәштәргә иғтибарлы булыу Рәмиҙең ғүмерлек сифаты булып ҡалды. Рәми Ғариповтың «Юлдағылар» мәҡәләһе «Совет Башҡортостаны» газетаһында 1958 йылдың 22 февралендә сыҡты. Бында авторҙың йәш шиғриәт тураһындағы уйланыуҙары, йылдар буйына йыйылған күҙәтеүҙәре, шатлыҡтары, борсолоуҙары тупланғайны. Бигерәк тә «Йәш көстәр» альманахын төҙөү ваҡытында уға яңы шиғри алмаштың сафтарын берәм-берәм барлап сығырға тура килде. Шуға ла ул мәҡәләлә телгә алынған ун бишләп йәш шағирҙың яҙғандары менән яҡшы таныш, йәш шиғриәт тураһында иркен, төплө фекер йөрөтә. Башта уҡ Рәми ижад юлының ни тиклем ауыр булыуы, уның фажиғәләр менән тулыуы хаҡында иҫкәртә, ихлас фекер алышыуға саҡыра: «Бына шуның өсөн дә беҙ, йәштәр, үҙ юлдаштарыбыҙ яҙмышына, үҙ ҡәләмдәштәребеҙ ижадына иғтибарлыраҡ, бөгөнгө уҡыусы кеүек талапсаныраҡ булырға, бер-беребеҙ хаҡында ысын күңелдән һөйләшергә тейешбеҙ. Ә һөйләшәһе, бәхәсләшәһе нәмәләр байтаҡ! Беребеҙ яңылышһа, икенсебеҙ төҙәтер: хәҡиҡәт бәхәстә тыуа!» Шул осорҙағы шиғриәт донъяһында үҙен аҙмы-күпме танытҡан бер генә йәш шағир ҙа Рәми Ғариповтың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әнғәм Атнабаев, Шакир Бикҡолов, Карам Бакиров, Миәссәр Басыров, Булат Рафиҡов, Әнүр һәм Йәғфәр Вахитовтар, Әхмәт Ғайсин, Нур Хәбиров, Ихсан Әхтәмйәнов, Әфғән Ғиззәтов, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Р. Зәйни, Рәшит Әхтәров – мәҡәләлә быларҙың һәр береһенең ниндәйҙер үҙенсәлекле яғы асыла. Уңыштар хаҡында ғына түгел, күберәк етешһеҙлектәр тураһында талапсан, принципиаль һүҙ бара, йәштәр шиғриәтенең тулы панорамаһын күҙ алдына баҫтыра. Бында әҫәрҙәре анализланған исемдәрҙең береһе лә әҙәбиәттең үҫеш юлынан ситләшмәне, төрлөһө төрлө дәрәжәлә ижад донъяһында асылды. Был быуындың яҙмышында Рәми Ғариповтың ошо сығышы үҙенсә ваҡиға булды. «Ә ниңә Рафаэль Сафин, Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримовты – шул саҡта иң ырамлы эшләгән һәм исемдәре киң танылған йәш шағирҙарҙы Рәми урап үткән?» тигән һорауҙың тыуыуы ла мөмкин. «Юлдағылар»ҙа әлегә тәүге китаптары сыҡмаған йәштәр тураһында һүҙ бара. Улар араһынан Карам Бакировтың ғына был ваҡытта беренсе йыйынтығы бар ине. «Һүҙҙе Әнғәм Атнабаевтан башлау урынлыраҡ булыр» тип, мәҡәләнең өстән бер өлөшө ошо шағирҙың ижадын байҡауға арнала. Бындай мөнәсәбәт бәхәс тыуҙырмай. Әлеге шағирҙарҙың араһында Әнғәм Атнабаев йәше менән генә түгел, әҫәрҙәре менән дә иң өлгөргәне ине. Уға ҡарата «тәүге китабын сығарырға ла ваҡыт» тигән һүҙҙәр бик хаҡлы әйтелә. Шул уҡ 1958 йылда Әнғәм Атнабаевтың «Йөрәк менән һөйләшеү» тигән беренсе китабы баҫылып сыға. Мәҡәләлә уның шиғриәттә үҙ тауышын табыуы юғары баһалана, айырым етешһеҙлектәр ҙә тәнҡитләнә. Йәштәр шиғриәтен Ғарипов иң юғары талаптарҙан сығып баһалай. «Һәр һүҙ һайын һүҙҙәргә абынаһың, һәр юлды «бөҙрә томан» ҡаплаған, һәр юлда ҡылансыҡ биҙәктәр», «шағирлыҡ бурысын онотоп, ҡурсаҡ уйнатып ултырыу һис тә килешкән эш түгел», авторҙың «шәүләһе бар, ә үҙе юҡ», – бындай киҫкен һүҙҙәрҙе әйткәндә Рәми Ғарипов айырым шағирҙарҙың ғына түгел, барлыҡ шиғриәттең сифаты тураһында борсола. «Образдың бөтә матурлығы дөрөҫлөктә, ябайлыҡта һәм үҙ урынында тороуҙа, сөнки образ шиғырҙың бөтә тәбиғәтенә ярашлы булғанда ғына ҡиммәт. Ә образ өсөн генә образ менән ҡыҙығыу күбәләктең сәскә тип утҡа ҡуныуы менән бер». «Ҡыҫҡалыҡ фекер байлығынан да, фекер һайлығынан да булырға мөмкин» – ошондай ябай, ышандырғыс фекер йөрөтөү ҡатмарлы ижад донъяһында үҙ юлын эҙләүселәргә образлы һүҙҙең серен аңларға ярҙам итә. Шиғри һүҙгә иң юғары талапсанлыҡты яҡлап, Рәми Ғарипов танылған оҫталарҙың әйткәндәре менән дә ҡыйыу бәхәсләшә. Мәҡәләләге ошо урынға иғтибар итәйек: «Күптән түгел генә тәжрибәле оло яҙыусыбыҙ Баязит Бикбай үҙенең «Шатлыҡлы тауыштар» тигән мәҡәләһендә әҙәбиәт юлына баҫҡан байтаҡ ҡына ҡәләмдәштәребеҙгә, шул иҫәптән Миәссәр Басыровҡа ла, киң күңелдән фатихаһын биреп, маҡтау грамоталары өләшеп сыҡты. Ләкин боронғо гректар «Платонды беҙ яратабыҙ, тик хәҡиҡәтте – нығыраҡ» тигәндәй, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: Баязит ағай маҡтауға бик бай, ә талапҡа бик һай килгән, минеңсә, һәм уҡытыусыбыҙҙың ҡайһы бер фекерҙәре менән килешеү ауыр». Баязит Бикбай йәштәрҙе «күҙ асып күҙ йомғансы өлгөргән яҙыусыларға әйләндереп ебәрә» икән, бының менән Рәми Ғарипов, әлбиттә, ризалаша алмай. Уның фекеренсә, «шағирҙы былай арҡаһынан ҡағып ҡына үҫтереп булмайҙыр», «шағирҙы шиғыры яҡларға тейеш», «аҙ эшләйбеҙ, аҙ күрәбеҙ, аҙ беләбеҙ. Тормош етмәй беҙгә!» Ижад тураһында етди уйланған йәштәрҙең шағирҙың бындай ҡәтғи талаптарға битараф ҡалыуы мөмкинме? Тәүге ҡулъяҙмалар тураһында һүҙ барһынмы, тотош әҙәбиәттең уртаҡ мәсьәләләре хаҡында фекер алышыуҙар үтһенме – Рәми Ғарипов һүҙен ҡыйыу әйтә, төплө, дәлилле нигеҙләй. Ижади һөйләшеүҙәрҙә уның күп уҡығанлығы, һыҙланғаны күренә, былар уға ихтирамды арттыра. Илленсе йылдарҙың аҙаҡтарында Рәми Ғарипов ике китабы менән төп йәш көстәрҙең береһе булып танылды. Бигерәк тә тиҫтер ҡәләмдәштәре уның кәңәштәренә ныҡ ҡолаҡ һалалар ине. Шағирға бик күптәр ҙур өмөттәр бағланы. Уның артабан да яңы уңыштарға ирешеренә, яңы бейеклектәргә артылырына бер ниндәй ҙә шик-шөбһәләр юҡ ине һымаҡ. Ләкин күңелендә ниндәй кисерештәр барғанлығын, ниндәй ҡатмарлы юлдар киҫешкән ергә килеп сыҡҡанлығын шағир үҙе генә тоя ине. Тойһа ла, ошо юл сатында ҡайһы тарафҡа атларға тейешлеген әлегә тулыһынса аңлап еткермәй ине. Бер генә юл яҙһам, исмаһам!.. 1958 йылдың 12 апреленән Рәми Ғарипов «Әҙәби Башҡортостан» журналында эшләй башланы. 1957 йылда яҙҙың һуңғы көнөндә шағир алдағы юлында ошондай маҡсаттар билдәләгәйне: «Көс етерҙәй ҡаршылыҡты мин ватып, онтап, селпәрәмә килтереп уҙасаҡмын, ә көс етмәҫтәйен хәҙергә урап үтермен. Ләкин мин ниндәй урында нимәләр барын, ниндәй кешеләр барын – бөтәһен дә хәтергә алып, белеп, күреп китәсәкмен. Бер өс йыл уҡып алырға ла яңы көс менән мин уларға яңынан килергә уйлайым. Юҡһа, минең баш осомда төрлө-төрлө меҫкендәр төрлө-төрлө дәрәжәлек билгеләрен, авторитеттарын болғарға тырышалар. Уҡырға кәрәк миңә! Быйыл аспирантураға инә алмаһам, икенсе йылға мотлаҡ инергә кәрәк». Аспирантураға инеү уйы күптән Рәмиҙең башынан сыҡмай. Тәбиғәт уны шағир йөрәкле, ғалим зиһенле итеп яратҡан. Күңеле менән моңло, ҡарашы менән һынсыл шәхес. Рәми, әлбиттә, үҙен ситтән ҡарап баһалай алмай, ә күҙҙәре үткер кешеләр күрмәй ҡалмай. 1956 йылдың яҙында бер һөйләшеп ултырғанда Баязит Бикбай былай тигәйне: «Һин, Рәми, ғалим булырға мөмкинһең, ә шағир була алмайһың. Һин бик аҡыллы егет, ә бит шағирҙар чудаковатый була. Янырға кәрәк, янмайынса шиғыр яҙып булмай. Ғәфү ит мине, ләкин мин һиңә, ҡустым, дөрөҫөн әйттем». Быны йыш ҡына мәрәкәләп һөйләргә яратҡан Бикбайҙан ишетеүе Рәмигә бик ауыр булды. Шағир иҫәрерәк булырға тейеш тигән һүҙҙәр менән ул һис кенә лә килешә алмай. Яҙыусы өсөн иң ҙур дошман наҙанлыҡ менән ялҡаулыҡ икәнен ул яҡшы белә. Был фекеренән бер кем дә уны баш тарттыра алмаясаҡ. Яныуға килгәндә, Рәми халҡым тип күкрәк һуғып йөрөүселәрҙән түгел. Ғүмере буйы яна, эҙләнә, уҡый. Уның уйынса, башҡорт әҙәбиәтендә аристократтар былай ҙа етерлек. Әҙәбиәт тураһында ҡайғыртып, ус аяһындай мәҡәлә лә яҙмаҫтар. Яҙһалар, үҙҙәрен яҡлап ҡына яҙырҙар йә яҙҙырырҙар. Рәмиҙең фекере нығынғандан-нығына: уҡырға кәрәк – шул ғына. Башҡаса көрәшеү мөмкин түгел. Киләсәк эш өсөн уҡырға кәрәк. Журналда эшләү аспирантураға әҙерлек өсөн дә бер аҙ мөмкинлектәр бирә. Рәмиҙе иң ныҡ тартҡаны башҡорт халыҡ ижады. Мәскәүҙә уҡыған йылдарында уҡ Башҡортостандың көньяҡ райондарындағы күпме ауылдарҙы йәйәүләп йөрөп сыҡты, сәсән азаматтарҙан, ил ағаларынан һүҙ ынйыларын хайран ҡалып тыңлаған, өлгөргән тиклемен яҙып алған, өлгөрмәгәндәрен күңеленә туплаған кеше. Башҡорт фольклористикаһында тауҙай эштәр атҡарырлыҡ көс тоя ул үҙендә. Әле мәҡәлдәрҙе өйрәнә, шуның буйынса китаптар уҡый. Рәмиҙең үҙенең йыйған мәҡәлдәре ике меңгә етеп килә, ә ҡайһы бер китаптарҙағылар биш йөҙгә лә тулмай. Башҡорт фольклорындағы жанрҙарҙың үҙенсәлектәренә ҡарата Ғариповтың халыҡ тормошона бәйләп нигеҙләнгән үҙ ҡарашы бар, үҙәккә ул тарихилыҡ һәм халыҡсанлыҡ принцибын ҡуя. Уның ҡарашы ҡайһы бер ғалимдарҙың фекере менән тап килмәй. Ул бигерәк тә мәҡәлдәр яһауға, уларҙы көсләп халыҡ ижадына бәйләргә тырышыуҙарға ҡаршы. Мәҫәлән, Кирәй Мәргәндең «Туҡтатма фонтанды, бәрһен әйҙә!» тигән һүҙҙәрҙе халыҡ ижадындағы афоризм тип раҫларға ынтылыуына ҡаршы Рәми Ғарипов: «Мәҡәл бындай мәғәнәһеҙ булмай» тигән ҡарашта тора. Бер көн уңайы тура килгәндә яһалма мәҡәл сығарыусылар тураһындағы уйлағандарын Кирәй Мәргәндең үҙенә әйткәс, ғалим уға: «Был юл менән китһәң, ҡустым, бик ҡыйынға тура килер үҙеңә», – ти. Йәш шағир ҡайһы саҡта ҡаршылыҡтарҙы урап үтермен тиһә лә, холҡона хыянат итә алмай. Тураһын әйткән туғанына ярамаған. Кирәй Мәргәндең иҫкәртеүе бушҡа булманы. Тиҙҙән: «Рәми Ғариповты аспирантураға алыуға Әхнәф Кирәй риза, ә бына обком, Сайранов, Миҙхәт Ғәйнуллин, Әхнәф Харис ҡаршы» тигән хәбәр таралды. Рәмигә аспирантурала уҡыу бәхетен насип иттермәнеләр. Ә кем белә, бәлки яҙмыш ҡушыуы шулай булғандыр. Әгәр ҙә ул аспирантураға инеп, уҡый башлаһа, ғилми тикшеренеүҙәр донъяһына сумһа, ижади юлы бөтөнләй башҡа йүнәлештә китер ине. 1958 йылда Рәмиҙе ситтән күҙәткән ҡәләмдәштәре уны, бәлки, араларында иң бәхетлеләрҙән һанағандыр. Бының өсөн етди сәбәптәр етерлек түгелме һуң? Иң абруйлы журналда – «Әҙәби Башҡортостан»да эшләп йөрөй. «Юлдағылар» мәҡәләһен ҡыҙыҡһынып уҡынылар. Бигерәк тә йәштәр араһында абруйы нығыраҡ күтәрелде. Хатта шиғыры тәнҡитләнгәндәр ҙә уға үпкәләмәй: исемдәрен республикаға ишеттерҙе. Ғариповҡа фатир биргәндәрен ишетеп ҡыуандылар. Уның ҡыйыҡтағы ҡош ояһы һымаҡ ҡына икәнлеген, бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар булмағанлығын барып күрмәгән кешеләр ҡайҙан белһен? Квартира алған – был хәбәр үҙе мөғжизә һымаҡ ишетелә. Уңайлыҡтарға иһә ул ваҡытта халыҡтың күпселеге күнегеп тә етмәгән. Ә инде «Таш сәскә» исемле матур китабы килеп сыҡҡан йәш шағир нисек бәхетле булмаһын?! Йыйынтыҡ хаҡында яҙалар, бәхәсләшәләр. Шағирға ҙур өмөт, ышаныс менән ҡарайҙар, һәйбәт шиғырҙар менән алда ла ҡыуандырасағына шикләнмәйҙәр. Ғайса Хөсәйенов «Таш сәскә» китабына рецензия баҫтырғайны. 1958 йылғы шиғриәт тураһындағы уйланыуҙарында уға тағы ла ентекле генә туҡталып үтте. «1958 йылғы поэзияла йәштәр ижадынан ике китап айырылып тора: береһе – Әнғәм Атнабаевтың «Йөрәк менән һөйләшеү» тигән китабы, икенсеһе – Рәми Ғариповтың «Таш сәскә»һе», – тип яҙҙы тәнҡитсе. Ошо йыллыҡ күҙәтеүҙәге: «Рәми Ғариповтың «Таш сәскә» тигән икенсе китабы йәш шағирҙың етеҙ үҫешен, ижадына талапсан ҡарауын һөйләй. Ул үҙ йөрәгенән кисергән, унда шиғыр менән генә әйтеп бирергә мөмкин булған тойғоларын шиғри юлдарға һала, үҙенсә хис итергә ынтыла. Уның был яңы китабын уҡып, йәш шағирҙың моң менән тулы, фекергә бай поэзияһына һоҡланмай, тулҡынланмай мөмкин түгел» тигән юғары баһа журналда эшләп йөрөгән Рәмигә корректуранан уҡ таныш. «Бөгөнгө поэзиябыҙ тураһында уйланыуҙар» бына «Әҙәби Башҡортостан»дың 1959 йылғы өсөнсө һанында баҫылып сыҡты. Уны уҡығанда шағирҙың тынғыһыҙ уйҙары тағы ла ярһыбыраҡ китте: «Бындай баһаны нисек аҡларға? Белһә икән Ғайса ағай минең хәлдәремде? Бына инде күпме ваҡыттар йүнләп шиғыр яҙа алмағанымды ул белмәй шул!» 1958 йылда шиғырҙарҙың бик һирәк килеүен яңы китаптың сығыу шатлығы бер ни тиклем оноттороп торғайны. 1959 йыл да башланды, инде ҡышы ғына түгел, яҙы ла үтеп бара, әммә һис юғында бер генә яңы шиғыр тыуһасы? Шиғырҙы һорап-ялбарып алып булмай. Күрмәйерәк торған иптәштәр осраһа, ошондай һөйләшеүҙәр булып ала: — Ниндәй яңы нәмәләр яҙып ятаһың? — Яҙмайым. — Һин шым ғына әллә нимәләр яҙып ятаһыңдыр әле! Ышандырып ҡара уларҙы... Ни көлөргә лә, ни иларға ла белмәҫһең. Аптырағас, Рәми: «Франконың хикәйәләрен тәржемә итеп ятам», – тип ҡуя. Үҙен дә ниндәйҙер эш ҡыйратыуына ышандырырға тырыша. Барыһын да кешеләргә нисек аңлатмаҡ кәрәк? Серҙәрең һуңғы ваҡытта бик һирәк ҡулға алған көндәлек менән бүлешә: «Минең бөтә иң матур тойғоларым «Таш сәскә»мә һеңеп ҡалды, шикелле. Шул таш сәскәгә бөтә күңелемде сүкеп-сүкеп яҙып бөттөм дә хәҙер мәғәнәһеҙ бер бушлыҡ эсендә тороп ҡалдым. Бер йылға яҡын инде – минең йүнле шиғыр түгел, әҙәм рәтле бер генә шиғыр юлы ла яҙғаным юҡ бит! Бына әле генә – февралдә генә – мине Яҙыусылар союзына алдылар, китап тураһында мәҡәләләр, рецензиялар, хатта өс-дүрт шиғыр ҙа яҙҙылар, минең исем телгә алынған хәбәрҙәр ҙә баҫыла, осрашҡан бер таныш-белештән йылы һүҙҙәр ишетәм, ләкин мин үҙем күптән инде шағир түгел...» (15.04.59). Ярты йыл буйы айырылып торғандан һуң көндәлектең бер тынала бик күп биттәре тултырыла: «Яҙа алмайым. Ваҡыт та юҡ, ваҡыт булһа, кәйеф булмай, уныһы булһа, көтөлмәгән ғәҙәттәге хәлдәр килеп сығып тора: ҡатын менән тормоштоң иң түбән стилдәге, иң кәмһеткес, иң мәғәнәһеҙ, иң көлкө трагедияһын уйнайбыҙ!.. Был «трагедия»ның төп ролен шағирҙарҙың мәңгелек иҙеүсеһе, мәңгелек дошманы – Аҡса батша уйнай. Ә беҙ, ҡатын менән мин, тик уның ҡолдары ғына – ғәҙәттәге хәйерсе ролдәрен башҡарабыҙ». Рәми кемделер ғәйепләргә йыйынмай: «Минең, 16 йыл уҡып, 4 йыл эшләп, айына 780 һум аҡса алып, редакция эшен өйгә алып ҡайтып, төрлө наҙандарҙың хәреф-хаталарын уҡып ултырыуыма, алдаша, хәйләләй белмәүемә, «үҙ әҙәбиәтем» тип йәнем сығырҙай булып йөрөүемә әллә ҡайҙағы Мәскәүҙән, әсәһенән, эшенән айырып алып ҡайтҡан ҡатыным ғәйеплеме ни? Бөтәһенә үҙем ғәйепле!..» Хатта үҙеңдең торор мөйөшөң, яратҡан ғаиләң, фатир йоратың булғанда ла был ерҙә күңелгә тыныслыҡ табыр урын бөтөнләй юҡмы ни һуң? Бик рәхәт йәшәгән әҙиптәргә Рәмиҙең иҫе китә. Әнүәр Бикчәнтәевтең ҡәнәғәт йөҙөн күргән һайын уға бирәсәк бурысы тураһында борсолоп уйлана торғайны. Ул ағайҙы аңлап етмәй: китаптарын башҡортса итеп редакторҙар эшләп сығара, ә русса сыҡҡандарына «Перевод с башкирского автора» тип ҡуя! Башҡортса бер һөйләм дә төҙөй белмәүенә бошоноп тормай. Мәктәптә уҡығанда уҡ уйҙарын уртаҡлашҡан Ғәйнан Әмири менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғайнылар. Ағайҙың уҡыған шиғырҙары Рәмиҙе шатландырманы, ә үҙе яҡшы ти. Бик арыған, кемдәрҙер үҙен бик ныҡ иҙгән һымаҡ күренде. Рәми ҙә кешеләргә шулай күренмәйме икән? Ә Ғәйнан ағай: «Ергә төш, Рәми», – ти. Ысынлап та, әллә уның ергә төшөп тынысланыр урыны юҡмы? Нимә генә булһа ла, баш эймәйәсәкмен тип йәшәй. Тормош трагикомедия икән, исмаһам, суфлерҙар һүҙен ишетергә кәрәк. Улар бит яңылышмай, нимә яҙылған, шуны ғына уҡый. «Хәҙер ят та үл» тип яҙылған булһа, шуны һиңә тутыйғош һымаҡ ҡабатларҙар, хатта үтәргә бойорорҙар. Ләкин шағирҙың суфлерҙар әйткәнде эшләп йәшәгеһе килмәй. Бер йылдан саҡ ҡына артығыраҡ эшләне лә Рәми Ғарипов «Әҙәби Башҡортостан» журналынан китте. Мәскәүҙә институт бөтөрөп ҡайтҡан егет тулыр-тулмаҫ дүрт йыл эсендә өс урында эшләп алды, ләкин береһендә лә ныҡлап тамырланманы. Был нимә, ундайҙарҙы летун тиҙәр түгелме һуң? Йәш кешенең йыл һайын эш урыны алмаштырыуының сәбәптәре ниҙә? Эшкә булдыҡһыҙ тиер инең, Рәмиҙең уңғанлығын, һәр эште еренә еткереп кенә түгел, арттырып һәм иң яҡшы сифат менән башҡарып сыҡҡанын уның менән хеҙмәттәш булғандар яҡшы белә, ихластары быға һоҡлана. Кеше менән һыйыша алмай тиер инең, Рәмиҙең башҡаларға файҙанан башҡа зыяны тейгәне юҡ. Тура Һүҙе өсөн уны дошман күреүселәр, уңыштарынан йәндәре көйгән көнсөлдәр ҙә етерлек. Ләкин Рәми коллективҡа һыймаҫ егет түгел. Киреһенсә, нисек тә эште алға ебәрергә, үҙенә күберәк йөкмәргә тырыша. Уны тура һүҙле, әммә ғәҙел, тоғро, эскерһеҙ, ярҙамсыл иптәш итеп беләләр. Көнсөлдәргә килгәндә, улар ғүмер буйы булған, әммә тормоштоң алға барыуын туҡтата алмаған. Ҡайһы редакцияла эшләһәң дә, хеҙмәт хаҡы шул бер сама: осон осҡа һис кенә лә ялғарлыҡ түгел. Бигерәк тә ғаилә ҡороп, яңы донъя көтә башлаған йорт-ҡураһыҙ йәштәргә бик ҡыйын. Ләкин нишләмәк кәрәк: әҙәбиәттең күпме һәләтле көстәре йылдар буйы баш эйеп, сараһыҙҙан сабыр булып эшләп йөрөй бирәләр. Рәми ҙә сабыр кеше, күпме ҡыйынлыҡтарҙы сыҙам үткәрҙе. Әллә был көслө ихтыярлы, эшһөйәр кешенең дә түҙемлеге бөттөмө? Яҙын Арҡауылда булып, бала саҡ эҙҙәре ҡалған ҡайынлыҡта һуңғы умырзаяларҙы күрһә, ер һөрһә, баҡсала эшләһә, яңы һауған һөттө рәхәтләнеп эсһә, Өфөгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс менән ҡайтып төшкәндәй була. Бер саҡ Малаяҙҙан айлы төндә Кропачевоға тиклем йәйәү атлағайны. Юлда усаҡ яғып, һандуғастарға ҡушылып, бер яңғыҙы йырлап ултырғайны. Үҙе лә аңламаҫтан, хыялый һымаҡ оҙаҡ көлгәйне. Өфөлә бер нисә көн ҡанатланып йөрөнө, ҡулына эш түҙмәне. Тик ундай илһамлы мәлдәр бик һирәк килә. Шағирҙың ижади кризис тигән сағы әллә ошо буламы икән? Шиғыр яҙмай оҙаҡ ҡына ғазапланып йөрөгән ваҡыттарҙы Рәмиҙең быға тиклем дә кисергәндәре бар, әлбиттә. Студент йылдарында ундай хәлдә ҡалыу бер хәл. Тәжрибә яңы туплана, төп көс уҡыуға китә. Өфөгә ҡайтҡас, шағирҙың бик илһамланып эшләгән көндәре хәтерҙә. Бигерәк тә «Таш сәскә» китабын төҙөгәндә уның өсөн донъяла шиғриәттән башҡа бер нәмә лә юҡ һымаҡ ине. Быға тиклем йәшәлгән бөтә яҙмышы, кисергән-күргәндәре, барлыҡ тормош тәжрибәһе ошо йыйынтыҡҡа инеп бөттөмө әллә? Күңелдәге бушлыҡты нимә менән тултырырға? Ижад мәсьәләләрен шиғри техникала билдәле тәжрибә туплап ҡына хәл итеп булмай. Рәми һүҙҙең бәҫен хәҙер ныҡ аңлай, ижад серҙәрен нескәрәк төшөнә, ләкин яңы шиғырҙар тыумай. Аҙналар буйы ғына түгел, айҙар буйына бер шиғыр юлы яралмай күңелдә. Әйтерһең дә, «Таш сәскә» тыуғандан һуң шағир таш бәғерлегә әйләнгән. Ҡыйынлыҡтарға түҙергә була, ә бына был шомло тынлыҡты һис кенә лә ҡабул итерлек түгел. Яңыраҡ Мостай Кәримдең яңы бер шиғыры Рәмиҙең әрнеүле күңеленә йыуаныс, өмөт бөрккәндәй итте. Исеме лә Рәмиҙең өҙгөләнеүҙәренә шул тиклем дә тап килер икән: «Шиғырҙарым, ҡайҙа киттегеҙ?» Ҡайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым? Мин юғалттым йоҡо, Һыу тәмен. Зәңгәр төтөн йөҙгән тар бүлмәлә Нисәнсе төн һеҙҙе көтәмен. Был юлдарҙы уҡығас та Рәми һиҫкәнеп китте. Мостай ағай, әйтерһең дә, уға тынғы бирмәгән хәлдәр тураһында һөйләй. Мостай һынлы Мостай, илһамдан яҙып, шундай ғазаплы уйҙар уртаһында ҡала икән, ижад кризисы тигән күңел бушлығы ниңә Рәми Ғариповты урап үтергә тейеш һуң әле? Илһам һорап, Мостай Кәрим шишмәгә, тауға өндәшә. Ләкин «күкрәгеңдә күктәр күкрәмәгәс, тау һуң һиңә тауыш бирәме?» Шиғыр эҙләп, шырлыҡтарҙы йырып үтә шағир, ҡаяларға күтәрелә, баҫыуҙарҙа була, алтын бишектәй Уралға башын һала... Һәр ерҙә тормош ҡайнай, кешеләр «шатлыҡ сәсеп, бәхет уралар». Шағир ғына һаман аптырашта: Мостай ағай бәхетле: шиғырҙары менән яңынан табыша, тыуған ерендәге осрашыуҙарҙан, алыҫ юлдарҙан илһам алып ҡайтҡан! Йүрүҙән буйҙарында булһа, Рәми ҙә яңынан тыуған һымаҡ. Ләкин бындай сәфәрҙәр үтә һирәгәйҙе. Илһам ҡошо ҡанатланып ҡуя ла тағы юғала. Үҙендә әле тамсыһы ла сарыф ителмәгән, күңелендә тулышып йөрөгән көс тоймаһа, шағир был тиклем болоҡһомаҫ ине. Бөтә донъя мәғәнәһеҙ бушлыҡҡа әйләнгәндә лә бының барыбер бушлыҡ түгел икәнлеген аңының әллә ниндәй тәрән ҡатламдары менән, зиһененең иң төпкөлдәге тамырҙары менән тоя. Аҡылы аңлата алмаһа ла, күңеле һиҙә, ул һиҙемләүҙең һүнгәне юҡ: һинең, шағир, әйтер һүҙҙәрең бик күп, янаһың, көйәһеләрең, тормошто һөйәһеләрең әле алда! Илһам бейеклектәрең, бәхет артылыштарың әле алда! Әммә шуларға илтер юлдарҙы үҙең генә таба алаһың, тик үҙең генә! Әгәр үҙендә ниндәйҙер сер булып тупланған, әлегә ярыр юл таба алмайынса ҡамалып торған рухи энергияны тоймаһа, Рәми барыһына ла күптән ҡул һелтәгән булыр, ең һыҙғанып эшләрлек башҡа эшкә тотонор ине. Дәрте лә, тырышлығы ла, таһыллығы ла етерлек. Сәм дә, ғәм дә бар. Халҡың өсөн шиғриәттән башҡа ла бик күп файҙалы хеҙмәттәр күрһәтә алаһың. Ләкин телдең тылсымы ғүмерлеккә арбағас, әҙәбиәт булмышыңа, яҙмышыңа әйләнгәс, тормош юлыңды башҡа яҡҡа бороуҙары ҡыйын. Нисәмә йылдар буйына күкрәк менән юл ярып уҡталған изге маҡсаттарҙан баш тартыу, яҡты маяҡтарыңды алмаштырыу мөмкин түгел. Тик ҡайһы саҡта башты әллә ҡайҙарға алып сығып китке килә. Шунда ғына, бәлки, күңелдәге тышауҙар һыпырылып төшөр, тормошон сикләгән ниндәйҙер күренмәгән кәртәләр емерелер, алдында яңы офоҡтар асылыр... Бының өсөн ниндәйҙер ҡырҡа боролош, бик ҡыйыу аҙым яһарға кәрәклеген шағир көндән-көн нығыраҡ аңлай. Мостай Кәримдең «Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар»ы һуңғы ваҡытта йыш иҫкә төшә. «Өсөнсө хат. Рәми Ғариповҡа». Хаттың һуңғы өлөшөндәге был һүҙҙәрҙе Рәми ятлап бөткән тиерлек: «Һуңғы ваҡыттағы уңышлы шиғырҙарың менән бер рәттән уйлап сығарылған, яһалған нәмәләр осраштыра. Йүрүҙән буйҙарының хуш еҫтәре, ҡайындар шаулауы, ел ыжғырыуы, ер өҫтөндә ҡояш нурҙарының һикерешеп уйнауы һирәгерәк тойола, һирәгерәк күренә. Был бик борсой мине. Уйың менән осоп ҡына түгел, аяҡтарың менән атлап йышыраҡ ҡайт һин Йүрүҙән буйҙарына. Таңда тороп ысыҡлы үләндән ялан аяҡ йүгер. Дымы тәнеңә һеңһен. Томан эсендә ойоп ултырған ҡайындарҙы йырлап уят. Уларҙы, эргәһендәге имәндәр көнләшерлек итеп, ҡыҫып ҡосаҡла. Кирелеп бесән сап, кәбән ҡой, ҡыштарын көрт йырып урманға бар, ағас ҡырҡ. Йүрүҙәндең боҙон тишеп, һыу эс, ярһыу атты эйәрһеҙ атланып, далаға сап. Донъя тураһында – кешелеклелек, ялғанлыҡ, яҡшылыҡ, һөйөү, нәфрәт, намыҫ, дөрөҫлөк, түбәнлек, матурлыҡ, хыял тураһында һиңә беренсе төшөнсәләрҙе биргән кешеләрҙе күр. Мин быларҙы һүҙ юҡтан һүҙ булһын тип, йәки яҙыусыларҙы ауылға өндәү бер ғәҙәткә ингән өсөн яҙмайым. Мин һине бөтөнләйгә ҡайт тип тә димләмәйем. Һағынғанда ҡайт, ә һағыныр өсөн йышыраҡ хәтерләргә кәрәк. Тыуған яғыңа бара торған һуҡмаҡҡа үлән үҫмәһен, сөнки шиғри тамырҙарың шунда барып тоташҡан». Ғайса Хөсәйеновтың «Таш сәскә»гә яҙған рецензияһындағы был һүҙҙәрҙе лә Рәмиҙең онотҡаны юҡ: «Рәми Ғариповтың был китабының тематикаһы ла әле тар. Уның шиғырҙарының объекты йәшлек йылдары, студент саҡтар тирәһенән әллә ни алыҫ киткәне юҡ. Шағирҙың күңелен тартҡан тыуған яҡтары, уның һәйбәт кешеләре үтеп барышлай йәки ҡайтышлай ғына тасуирланып үттеләр... Уның поэтик илһамы шул тыуған ҡырҙарына тоташҡандыр, моғайын». Үҙенең иң яҡын остазы һанаған шағирҙың да, мәктәптәше булған тәнҡитсенең дә был теләктәрен-кәңәштәрен тәү ҡат уҡығанда уҡ Рәми оҙаҡ уйланып йөрөгәйне, «Дөрөҫ әйтәләр бит ағайҙар», – тип, улар менән килешкәйне. Тыуған яҡтары менән Рәми бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәне. Өфөлә лә тәбиғәт йәнле ауыл балаһы булып ҡалды. Буш ваҡыты килеп сыҡҡан һайын Ағиҙел ярына атлыҡты, ҡош һайрауын ишетһә, ашығып барған еренән туҡтап ҡалды. Һуңғы ваҡытта шағирҙың ерҙе юҡһыныуы көсәйгәндән-көсәйҙе. Бала саҡтағы Һымаҡ тәбиғәт менән бер йән булып, уның айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнеп, ауыр саҡтарҙа ер-һыуҙан, яҡташтарҙан көс алып йәшәге килеү теләген хәҙер тыйып торорлоҡ түгел. Муйындан алып быраҡтырырға ине был ҡала ҡамытын! Мостай Кәримдең дә, Ғайса Хөсәйеновтың да үҙенә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрен бөгөн инде ул башҡасараҡ, яҡшыраҡ аңлай һымаҡ. Шиғриәтенең ҡорғаҡһып ҡалыуына бер кемде лә ғәйепләмәйәсәк. Тыуған тупраҡтың һулышын тәрәндәнерәк тыңларға, ғәзиз халҡыңа нығыраҡ һыйынырға кәрәктер. Бәләкәстән үҙең белгән кешеләрҙең күҙҙәренә йышыраҡ ҡарарға тейештер. Бәлки, бөтөнләй Өфөнән аҡтарылып сығып китергә, тыуған яҡтарҙа өр-яңы тормош башларғалыр? Эшләгән урынды, ҡатынды, был меҫкен квартираны юғалтыуҙан ҡурҡырғамы? Былай барһа, үҙен-үҙе юғалтасаҡ бит! Иң мөһиме, иң ҡурҡынысы шул түгелме ни? 1959 йылдың яҙында Рәми Ғарипов бына шулай өҙгөләнеп йәшәне. Бындай саҡтарҙа кешенең нимәләр кисергәнен энәһенән ебенә тиклем күҙ алдына килтереүе ҡыйын, хатта мөмкин дә түгелдер. Аҡылың менән нисек кенә аңларға һәм аңлатырға тырышһаң да, фараз барыбер фараз инде ул. Ә Рәмиҙең ул саҡтағы хәлен Рәмиҙән дә асығыраҡ һәм дөрөҫөрәк итеп башҡа кем әйтә алһын? Тағы ла: «Әл дә генә көндәлектәр яҙғанһың, әл дә генә улар һаҡланған!» – тип, шағирға рәхмәттәр уҡыйһың. «10 май. Күптән инде шиғыр яҙғаным юҡ, әйтерһең, мин һис тә уларҙы яҙмағанмын!.. Яҙмағанмын!.. Ә бит күпме төндәр Шиғыр яҙып ғүмер уҙғарҙым. Кешеләрҙе әллә алданыммы, Алданыммы әллә үҙемде? Әллә башҡа берәй сәбәптәнме Әйтеп бөттөм шиғри һүҙемде?..» Күптән яҙыла алмайынса тулышып йөрөгәнгәме, тотош ижади декларация булып оҙон шиғыр донъяға тыуҙы. Көндәлектә теркәлгән, китаптарға инмәгән был әҫәр шағир яҙмышындағы бик көслө драматик һынылышты раҫлаусы иң төп дәлилдәрҙең береһе. Был һынылыш әле ижадта ҡапыл ғына сағылыш тапмаясаҡ, ләкин нәҡ ошо осорҙан Рәми Ғарипов тормошоноң яңы дәүеренә аяҡ баҫасаҡ. Көндәлектәге шиғырға ошо һүҙҙәр ялғана: «Был минең йә һуңғы шиғырым, йә – тәүгеһе... Йөрәктәге туң бер шеш шартлап һытылырға тора. Башҡаса мин былай йәшәй алмайым. Был – йәшәү түгел! Мин ниндәйҙер бер обывателгә әйләнеп барам. Тимәк, мин үҙ-үҙемә дошман булыр сиккә килеп еткәнмен!.. Юҡ, был минең маҡсатым, хыялым, ынтылышым түгел ине. Яҙырға хаҡым юҡ минең. Шуға күрә лә яҙа алмайым мин. Сөнки алдаша белмәйем һәм теләмәйем дә бындай ахмаҡлыҡты!» Шағир ярһыуҙан уйҙарын туҡтата алмай, улар сыуалып китә. Киләсәк яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртәсәк ҡарарға килгәндә фекерҙәрҙең бер-береһе менән бәрелешер сиккә етеүе лә ғәжәп түгел. Ҡарар нығынғандан-нығына: «Ә бөтәһен дә бит яңынан башларға, ҡара ерҙе аҡтара һөрөп, үҙ ҡулыңдың көсө, йылыһы, яҡтыһы кергән емеште күреп ҡыуаныуҙан, шул емештең иң аҡыллы, иң ябай бәхетен татып белеүҙән башларға кәрәк. Шунда ғына һин кеше үҫтергән емештең тәмен үҙең белеп татырһың. Шунда ғына һин кешенең уйын, фекерен, хисен, тойғоһон, өмөтөн, хыялын – кешенең иң матур эске донъяһын беләм тигән бер һүҙ менән хаҡлы булырһың. Үҙеңде шул эш эшләп, яңы донъя ҡорған кешеләрҙең яҙмыштары менән байыҡтырмай тороп, нисек итеп һуң ҡулыңа ҡәләм алырға хаҡың булһын? Был бит һинең хаҡың юҡ тигән һүҙ!» Рәми һәр ваҡыт тураһын әйтеүсән, ләкин һүҙе хаҡ булғанда ла һаҡ һөйләшергә, кешенең күңелен рәнйетмәҫкә тырыша. Әммә үҙ-үҙенә ҡарата аяу белмәй. Өфөнән ҡутарылып ҡуҙғалып китергә йыйынаһың икән, йәлләп-аяп торор саҡ түгел. Кире сигенергә юл ҡалдырмаясаҡ. Ҡатыны уны һаман да хыялый баш ти икән, әйҙә шулай була бирһен. Ләкин ҡалала йәшәү әлегә етеп торор. Өфөгә лә, Мәскәүгә лә рәхмәттәре күп: ниндәй ғилем бейеклектәренә күтәрелде, шиғриәт серҙәрен өйрәнде. Ләкин ижад донъяһында уның хәҙер тыны ҡыҫыла башланы, илһам ҡошо ҡанатланмаҫ булды. Ни күрһә лә күрер, әммә тиҙерәк ғәзиз төйәккә! 1959 йылдың 10 майындағы көндәлек яҙмалары ҡәтғи ҡарар менән тамамлана: «Ереңә, яралған тупрағыңа, асылыңа ҡайтырға кәрәк. Шул тупраҡҡа бер-ике бөртөк булһа ла таҙа орлоҡ сәсеп, эшеңдең емешен күрергә кәрәк! Шулай итеп кенә һин кешеләрҙе лә шуға өйрәтергә – яҙырға хаҡлы буласаҡһың. Яҙ, рәхәтләнеп яҙ, көлөп, илап яҙ – рәхәтләнеп, көлөп, илап уҡырҙар». Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ҡағыҙға төшкән был һүҙҙәрҙе башҡаларға еткергәнсе Рәми күпме тапҡырҙар уйланды. Кәңәшләшергә Арҡауылға ҡайтып китте. Шағирҙың колхозға ҡайтырға теләүен етәкселәр бик хупланы. Егеттең уйы башта тракторсы эшенә өйрәнеү, атаһы тир түккән ерҙәрҙә бураҙналар ярыу, иген үҫтереү ине. Ләкин етәкселәр башҡасараҡ һөйләй, «Баҫыуҙа ер аҡтарып, артыңдан ҡарғалар эйәрткәнсе, һин йәштәрҙе эйәрт, комсомол эшен етәклә!» – ти. Был да Рәми өсөн ят эш түгел. Шағирҙың ҡарашы осҡонланып китте. Йөрәгенең күптән былай елкенгәне юҡ ине. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ тиһәләр ҙә, ауылға ҡайтырға тип кәңәшләшкәс, был хәбәр ҡатынының йөрәгенә уҡ һымаҡ ҡаҙалыр тип көтмәгәйне Рәми. Өйҙә байтаҡ ҡына тартыш булып алды. Ләкин сыҡҡан юлдан боролоп ҡайтыу юҡ. Яҙыусылар союзында Рәмиҙең ғаризаһын ҡаранылар, Арҡауылдан колхоз рәйесе менән партия ойошмаһы секретарының Ғариповты эшкә ебәреүҙәрен һорап яҙған хатын уҡынылар. Хатты уҡып сыҡҡас, Мостай Кәримдең: «Бик шәп! Был председателде Яҙыусылар союзына консультант итеп ҡуйырлыҡ!» – тигән һүҙҙәренә идаралағы бөтәһе лә көлөштө. Уларға ҡушылып Рәми ҙә көлдө. Хатты уның үҙе яҙғанын улар ҡайҙан белһен. Бер һүҙ өҫтәмәгәндәр, баҫтырғандар ҙа ебәргәндәр. Ҡултамға, мисәт һәм амин!.. Ултырыштағылар Рәми Ғариповтың колхозға китеүен бик хуп күрҙе. Яңы ерҙә тормош башлап ебәргәнсе бер аҙ өҫ-башты бөтәйтергә ярап торор тип ике айға командировка ла бирергә булдылар. Шағирҙың тормошондағы яңылыҡ бик тиҙ таралып өлгөрҙө. Төрлө кеше төрлө фекер әйтә, әммә ошондай ҡыйыу аҙым яһағанына һоҡланыусылар күберәк. Рәмиҙең күңелендә шатлыҡ та, ҡурҡыу ҙа. Әйтерһең дә, һалҡын һыуға һикереп төшөргә тора. Үҙен нисек тә тынысландырырға тырыша: быға тиклем күпме һынауҙарҙа һынатҡаны булманы. Был юлы ныҡлы таянысы – тыуған ере, яҡташтары бар. Йырҙарыма ҡайтам Шиғриәттең моң шишмәһе шағирҙың тыуған төйәгенән башлана. Әсәһенең сәңгелдәк йыры, атай йортоноң тупһаһы, тәүге аралашҡан яҡын кешеләре – туғандары, тиҫтерҙәре, күршеләре сабыйҙың күңеленә йәшәйеш тураһындағы тәүге ғүмерлек хәҡиҡәттәрҙе уйып һала. Гетенең «Шағирҙы аңларға теләһәгеҙ, уның тыуған ерендә булығыҙ» тигән кәңәше бик урынлы булһа ла, уны үтәүе ғәйәт ҡыйын. Яратҡан шағирҙарының тыуған төйәгендә булыу хаҡында кемдәр генә хыялланмай икән! Был хыялыңды тормошҡа ашырыр өсөн күпме илдәрҙе һәм ҡитғаларҙы урап ҡайтырға тура килер ине. Бындай бәхет бик һирәктәргә генә насип була. Әле үҙеңдең Башҡортостаныңда яратҡан шағирҙарыңдың эҙҙәрен һаҡлаған урындарҙы күреп сыға алһаң да, ни тиклем оло ҡыуаныс булыр ине. Шағирҙарҙың тыуған яҡтарын күпселектә уның шиғырҙары буйынса беләбеҙ. Ошо хаҡта һүҙ башлағас, Гетенең әлеге әйткәне ижадтың башҡа яҡтары тураһында ла уйландыра. Уҡыусыға шағирҙы тулыраҡ аңлар өсөн генә түгел, шағирға үҙен-үҙе нығыраҡ белер, тормоштоң асылын тәрәнерәк төшөнөр өсөн дә тыуған төйәккә йышыраҡ әйләнеп ҡайтырға, тамырҙарҙы тәрәндәнерәк барларға, был донъяға тыуғас та беренсе күргән, нисәмә йылдар буйына аралашып үҫкән кешеләрҙең күҙҙәренә яңынан ҡарарға, һүҙҙәрен яңынан тыңларға кәрәк. Дүртенсе бүлек Быуаттар буйына башҡорт, ер-һыуҙарҙан айырылмайынса, тыуған далалары, тауҙары ҡосағында йәшәгән. Ләкин тупраҡ менән ни тиклем генә тығыҙ бәйләнештә булһа ла, кешеләргә ғәмһеҙ тәбиғәт балалары булып хәстәрһеҙ генә көн күреүҙәре бер ҡасан да мөмкин булмаған. Кешене олатайҙар төйәгенән алыҫ яҡтарға аҡтарып алып китерлек сәбәптәр ҙә табылып ҡына торған. Башҡорт егеттәре каруандарға ҡушылып, ғилем эстәп, Бохара тарафтарына юлланған. Рус дәүләтенә ингәндән һуң уртаҡ Ватанды һаҡлап, төрлө һуғыштарҙа башҡорттар йөҙәр йылдар буйына сапҡан яу юлдарын бергә ялғаһаң, улар Ер шарын урап сығыу ғына түгел, алыҫ ғаләмдәргә олғашырлыҡ. Азатлыҡ даулап туҡтауһыҙ тоҡанып, дәһшәтле шаңдауы бөтә Рәсәйгә ишетелгән, күкрәүҙәре батшалыҡты дер һелкеткән күтәрелештәрҙән һуң бығауланған башҡорт көрәшселәре күпме ғазаптар менән атлап үткән һөргөн-каторга юлдарының бер осо Балтик диңгеҙе ярҙарына тоташҡан, икенсе осо Себерҙең мәңге туң ҡуйынында, Байкал яҡтарында, яҡут тайгаларында юғалған. Ил яҙмышындағы ошондай хәлдәр башҡорт халыҡ ижадында тыуған ерҙе һағыныу тураһында аҫылдан-аҫыл әҫәрҙәр тыуҙырған. Илдән һөрөлгән ирҙәр араһында Буранбай һымаҡ талантлы шәхестәр үҙҙәре үлемһеҙ йырҙар ижад итеп ҡалдырған. Тыуған Уралҡайға аяҡ баҫһа, «тарих яҙыр инем ташына» тип хыялланған батырҙарҙың һирәктәренә генә илгә ҡайтырға насип булған. Ләкин халыҡ каторгаларҙа һәләк булған ил улдарының, ҡаһарман шәхестәренең уйҙарын үҙенсә дауам иткән, улар исеменән йырҙар сығарған. Шул рәүешле Салауаттың Рогервик каторгаһындағы йырҙары тыуған. Салауатҡа Башҡортостанға ҡайтырға яҙмаған, ә йырҙары ҡайтып еткән. Халыҡ рухының талабы буйынса, халыҡтың ижади фантазияһы ҡушҡанса тыуған еренә ҡайтып еткән. Тыуған илде өҙөлөп һағыныу тойғолары менән мөлдөрәмә тулған йырҙарға көсләп ситкә һатылған йәки урлап алып кителгән башҡорт ҡыҙҙарының аһ-зарҙары ла ҡушылған. «Тыуған еркәйемә ҡайтыр инем аяҡтарым талһа имгәкләп» тип өҙгөләнеп, ул һылыуҙар ғәзиз төйәктәренә атлыҡҡандар. Алыҫтарға олаҡтырылған кешеләрҙе генә түгел, хатта малдарҙы ла тыуған ер тылсымлы көсө менән үҙенә тартҡан, ауыр юлдарға әйҙәгән. «Ҡуңыр буға» эпосындағы хәл-ваҡиғалар нәҡ шундай һағыныуҙарҙан тыуған. Шулай итеп, Ватанды һағыныу, илгә ҡайтыу мотивтары башҡорт фольклорында үҙе тотош бер донъяны хасил итә тиергә мөмкин. Халыҡ ижадындағы идея-тематик үҙенсәлектәрҙең күбеһе ғәҙәттә яҙма әҙәбиәттә үҫтерелә. Был яҡтан башҡорт шиғриәтендә ҡайтыу темаһы менән хәл башҡасараҡ булды. Байтаҡ ваҡыттар буйына был хаҡта әҙәбиәт тарихында урын алырлыҡ әҫәрҙәр яҙылманы тиерлек. Сөнки ундай шиғырҙар тыуыу өсөн етди сәбәптәр ҙә юҡ ине. Башҡорт милләтенең тормош-көнкүреше Бөйөк Ватан һуғышына тиклем күпселектә ауыл ерлеге менән сикләнде. Ҡалаларға күсенеүселәр булһа ла, улар ауыл мөхите менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүен дауам итте. Төрлө уҡыу йорттарында белем алырға килгән йәштәр, Башҡортостанда яңы заводтар төҙөүселәр, нефть ятҡылыҡтарында эшләүселәр араһындағы башҡорттар булмыштары менән тотошлайы тиерлек кисәге крәҫтиәндәр, ауыл психологияһындағы кешеләр ине. Шағирҙар ҙа үҙҙәрен ауылдағы тыуған тамырҙарынан айырылған итеп тойманылар, бөгөнгө тормош тигәндә иң элек ер кешеһенең яҙмышы тураһында уйландылар. Егерменсе быуаттың егерменсе йылдарында үҙен ауылдың һуңғы йырсыһы тип һыҙланған Сергей Есенин иҫке тормошто йән-фарманға алға атлыҡҡан поезд янында унан ҡалмаҫҡа тырышып сабып барыусы бисара ҡолон менән сағыштырғайны. Егерменсе йылдарҙа татар шиғриәтендә һаҙый Таҡташ, бигерәк тә Хәсән Туфан ижадында кешенең ауыл менән ҡала араһында бәргеләнеүҙәре үҙенсә сағылыш тапты. Башҡорт шағирҙары иһә бындай тәрән ҡаршылыҡлы кисерештәргә әлегә ныҡлап дусар булманы. Ләкин милләттең ижтимағи тормошондағы хәүефле хәлдәр егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа нәҡ ауылдан башланды. Яңы белем һәм мәҙәниәт усаҡтары асылыу, наҙанлыҡты бөтөрөү менән бергә иң уңған ғаиләләр синфи дошман һаналып, һөргөндәргә ебәрелде, мәсет манаралары ҡолатылды, дини китаптар менән бергә боронғо ҡулъяҙмалар юҡ ителде. Шиғриәт иһә мәғәнәһеҙ емереүҙе хуплау, яңы төҙөлөштәрҙе данлау рухы менән йәшәне, ваҡиғаларҙы күберәк синфи күҙлектән баһаланы. Ҡайтыу мотивтары башҡорт шиғриәтендә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу менән үк үҙәк темаларҙың береһенә әйләнде. Ауыр яу юлдарында яугирҙәрҙең күңелен елкендергән иң көслө тойғолар, һис шикһеҙ, тиҙерәк еңеү яулау, тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу ине. Ҡайтыу шатлығынан шул саҡта шиғыр яҙмаған шағирҙы табыуы ҡыйын. 1945 йылда Мостай Кәрим «Ҡайтыу» шәлкемен, 1946 йылда «Һаумы, тиҙәр гөлдәр...», «Һалдат» исемле шиғырҙарын яҙҙы. 1947 йылда Назар Нәжмиҙең «Ҡайтыу» шәлкеме тыуҙы. 1812 йылғы һуғышта Париждарға етеп, Сеналарҙа ат эсергән башҡорт азаматтарын йөҙйәшәр Байыҡ сәсән: «Яуҙан ҡайтҡан батырҙарҙың арҡаһынан ҡағығыҙ» тип сәләмләгәндәге кеүек шатлыҡты быуаттан артыҡ ғүмер үткәндән һуң ил яңынан кисерҙе. Ләкин 1945 йылдың майындағы Еңеүҙе килтерер өсөн бирелгән ҡорбандар, донъя бер ҡасан да күрелмәгән дәрәжәлә ҙур, тетрәндергес ине, ил иңенә төшкән ҡайғылар иң сыҙамлы ирҙәреңде лә бөгөрлөк дәүмәлдә ауыр ине. Күпме хәсрәт юлдарын үтеп, Бөйөк Еңеү яулап, тыуған төйәгенә ҡанатланып ҡайтҡан һалдат ас-яланғас етемдәрҙе, йөҙҙәре һарғайған тол ҡатындарҙы, ҡыйралған хужалыҡты күреп, яңынан ут йотто, әммә ҡайғыларын эскә йәшерергә тырышты. Ләкин ил күңелендә тулышҡан ҡайғылар Михаил Исаковскийҙың «Враги сожгли родную хату» шиғыры, Александр Твардовскийҙың «Дом у дороги» поэмаһы һымаҡ әҫәрҙәрҙә барыбер тышҡа бәреп сыҡты. Әммә тотош алғанда совет шиғриәтендә ҡайтыу темаһына заман үҙенсәлектәре талап иткәнсә күтәренке рухтағы әҫәрҙәр яҙылды. Тормоштоң фажиғәле хәҡиҡәттәре хаҡында тура һүҙҙе әйтергә бик һирәктәрҙең ҡыйыулығы етте. Башҡорт әҙәбиәтендә бындай миҫалдарҙы табыуы бөтөнләй ҡыйын. Тыуған яҡтарына Өфөнән ғаиләһе менән ҡутарылып сығып киткәндә Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәтендә шағирҙың тыуған яҡтарға ҡайтыу темаһын өр-яңыса үҫтереп ебәрермен тип бөтөнләй башына ла индермәгән, әлбиттә. Әле утыҙы ла тулмаған йәш кешегә йәшәү урынын алмаштырыу әллә ни ҡатмарлы мәсьәлә түгел. Ғүмерҙең был мәлендә күптәр бер ерҙә оҙаҡ төпләнеүгә ҡарағанда донъя гиҙеүҙе артығыраҡ күрә. Рәмигә баш ҡаланан тыуған Арҡауылына күсенеүе артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырманы. Төп йөгө – китаптар, ғаиләнең йыйған барлыҡ мөлкәте бер машинаға һыйҙы. Юл мәшәҡәттәренең осона сығылһа ла, борсоулы уйҙарҙың осона сығырлыҡ түгел. Был тиклем ҙур хужалыҡта комсомол эштәрен нисек алып китер? Әле бер газета редакцияһында был эште ойоштороу өсөн күпме тырышырға кәрәк ине, ә бында күпме ауылдағы хәлдәрҙе бергә тупларға! Һәр ауылдағы хәлдәрҙе белеп торорға ғына түгел, ундағы эштәрҙе ойоштороуҙың уртаһында булырға кәрәк. Барыһына нисек өлгөрөргә? Башта Рәми тракторсылар курсында уҡып, тыуған яҡтарында ер һөрөргә, иген сәсергә, тырыш механизатор булырға дәртләнгәйне. Утыҙынсы йылдарҙа Дәүләкән яҡтарында күренекле прозаик Али Карнай тракторсы булып эшләп йөрөгән, аҙаҡ «Далалағы уттар» тигән очерктарын яҙған бит. Ауылға күсеп китергә булғанда Рәми Али Карнайҙың ижад юлы, уның Ишембай нефтселәре араһында йәшәп, күпме әҫәрҙәр яҙыуы тураһында йыш уйланды. Шағирҙың тракторсы булып эшләргә ниәтләнгәнен ишеткәс, колхоз председателе Рәшит Кинзин, бигерәк тә КПСС-тың Салауат районы комитеты беренсе секретары Сабитов уның был уйын һис кенә лә хупламанылар, ҡырҡа ҡаршы сыҡтылар. Ә Рәми башҡасараҡ булыр тип көткәйне: «Бына бит, шағир бураҙнаға баҫмаҡсы, үҙ ҡулдары менән иген үҫтермәксе, бик һәйбәт!» – тип, ҡуш ҡуллап фатиха бирерҙәр тигәйне. Көткәнсә килеп сыҡманы. Етәкселәрҙең: «Һин артыңдан ҡарғалар эйәрткәнсе, йәштәрҙе эйәрт», – тигән һүҙҙәре ҡат-ҡат иҫкә төшә. Ысынлап та, тракторҙа бураҙналар ярыуға ҡарағанда йәштәр менән эшләп, шағир, моғайын, күберәк файҙа килтерер. Бындай аралашыу уның үҙенең ижади үҫеше өсөн дә яҡшыраҡ булыр. Тыуған яҡтарына Рәми ошондай ышаныс, ныҡлы ҡарар менән ҡайтты. Рәми Ғариповтың баш ҡаланан ауылға күсеүен аңлаусыларҙан бигерәк быға аптыраусылар күберәк булды. Хатта Яҙыусылар союзында был эшкә фатиха биргән идара ултырышында шағирға шикләнеп ҡараусылар бар ине. Һиҙҙермәҫкә тырыштылар. Илленсе йылдарҙа ауылдағы тормошто күтәрешәм тип ҡаланан китеүселәр, нисәмә-нисәмә «меңселәр» башта бик данланһа ла, тора-бара уға ла күнегеп бөттөләр. Башҡорт әҙәбиәте донъяһында Рәми Ғариповтың ошондай аҙым яһауы яңылыҡ ине, әлбиттә. Нимә генә тиһәң дә, ул «меңсе»лә, «йөҙсө»лә түгел, ҡаланан ауылға үҙе теләп китеүсе берҙән-бер шағир бит әле! Быға байтаҡтар ихлас һоҡланды, бәғзеләр: «Китеүе еңел ул, Өфөгә нимә менән ҡайтырһың, ҡарап ҡарарбыҙ», – тип, мыҫҡыллы йылмайып оҙатып ҡалды. Шағирҙың был саялығы ауылдаштары араһында ла бәхәстәр тыуҙырҙы. Йәштәрҙең байтағы быға ихлас шатланды. Ләкин күпселек өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бында нисек колхоздан ҡотолорға белмәйҙәр, ҡалаға ҡасмаһындар өсөн йәштәрҙе паспорт бирмәйенсә йонсоталар. Ә был егет үҙе теләп ҡайтҡан, Мәскәүҙәрҙә уҡыным, газета-журналдар сығара торған урындарҙа эшләйем, үҙемдең шиғырҙарым китап булып баҫыла, уларҙы маҡтап яҙалар тип тормаған. Ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ. Йылдар үткәс, Рәми Ғариповтың тормошондағы был үҙгәрешкә сәйәси төҫ бирергә тырышыусылар ҙа табылыр. Шул ыңғайҙан Рәмиҙең һәм башҡа ҡайһы бер уның замандаштарының, ҡәләмдәштәренең аяныслы яҙмыштарын фәҡәт сәйәси сәбәптәргә бәйләп аңлатыусылар матбуғатта был хаҡта яҙып та сыҡтылар. Булат Рафиҡов «Мәскәүгә яҙылған хат» исемле иҫтәлектәрен былай тип тамамланы: «Рәми менән Надя бәләкәй генә ағас өйҙә торалар ине. Хужабикә матур табын әҙерләгән. Тәүге рюмканы осрашыу хөрмәтенә күтәрҙек, шунан мин тост тәҡдим иттем: — Һинең тиҙерәк һөргөндән ҡайтыуың өсөн! — Был һөргөн Өфөлә лә дауам итәсәк инде, – тине Рәми ашыҡмай ғына. – Ана «Ағиҙел»дә шиғырҙарыңды иҙәнгә атып бәргәндәр... Ғәбсәләм ауырыуға һабышҡан, тиҙәр. Еткергәндәр, күрәһең. Әхтәриҙе Мәсетлегә ҡайтарғандар – халыҡ мәғарифын нығытырға, йәнәһе. Шиғриәт, бигерәк тә фән өсөн юғалтыу. Беҙҙең теге хатты онотмаясаҡтар һәм оноттормаясаҡтар. Онотторманылар. Рәмиҙең артабанғы яҙмышы яҡшы билдәле. Мин егерме йыл самаһы әҙәби әҫәрҙәремде баҫтыра алманым. Башҡорт Белинскийы булырға тейешле Зөфәр Ғәбсәләмов менән Марат Минһажетдинов үҙ-үҙҙәрен үлтерҙеләр. Рәшит Әхтәровтың да оло таланты асылмай ҡалды» (Булат Рафиҡов. Әҫәрҙәр. II том. Өфө, 2004, 323-сө бит). Хәҙерге йәштәр барыһы ла шулай булған тип уйлауы мөмкин. Ысынында иһә хәлдәр башҡасараҡ ине. Рәми Ғариповты тыуған яҡтарына берәү ҙә һөргөнгә ҡыуып ебәрмәне. Булат Рафиҡовтың байтаҡ ваҡыт ижадтан, әҙәбиәт донъяһынан айырылып йөрөүенә сәбәпте иң элек үҙенән эҙләргә кәрәк. Зөфәр Ғәбсәләмовҡа килгәндә, Рәми районда эшләгәндә ул Мәскәүҙә һау-сәләмәт аспирантурала уҡып йөрөй ине, ауырыуға һабышыуы аҙағыраҡ булды. Зөфәр менән Мараттың ғүмерҙәре фажиғәле өҙөлдө, ләкин бәхетһеҙлектә мотлаҡ кемделер ғәйепләргә нигеҙ юҡ. Рәшит Әхтәригә килгәндә, ул ғәжәп талантлы кеше ине, әммә үҙ ҡәҙерен үҙе белмәне. Уға һәр ваҡыт юл асыҡ булды, тик башҡалар баһалағанда ла үҙ һәләтен үҙе баһаламаны. Әлбиттә, төрлөсә сикләүҙәр, хатта сәйәси эҙәрлекләүгә оҡшаш хәлдәр Рәми быуынының һәм уларҙан йәшерәктәрҙең ижади яҙмышында эҙһеҙ үтмәне. Үҫешкә һиҙелерлек тотҡарлыҡ та тыуҙырғандыр. Былар хаҡында уҙған бүлектә һөйләнек. Ләкин әҙәбиәтсе тормошондағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы, тотҡарлыҡтарҙы, хатта аяныслы фажиғәләрҙе тулыһынса сәйәси шарттарға йәки властарҙың башбаштаҡлығына япһарып ҡалдырырға ярамай. Бында шәхестең яуаплылығы тигән бик мөһим талап та, әҙәм балаһының маңлайына яҙылған тәҡдир тигән зарурат та онотолорға тейеш түгелдер. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡандан һуң Өфөлә эшләгән дүрт йыл эсендә Рәми ғаиләһе менән ауырлыҡтарҙы аҙ күрмәне. Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтар оноторлоҡ түгел. Шағир барыбер был йылдарҙа сабырлығын юйманы, маҡсаттарынан ситкә тайпылманы. Ләкин Рәми Ғарипов Өфөнән кемдәрҙер тарафынан ҡыуылып китмәне, сәйәси ҡорбан итеп һөрөлмәне. Шулай уҡ уны түҙемлектең сигенә еткән, ауырлыҡтар менән айҡашып, хәлдән тайған кеше, бер бисара итеп тә күҙ алдына килтерергә лә ярамай. Әле киләсәктә Башҡортостандың ҡайһы бер башлыҡтары тарафынан нахаҡҡа рәнйетелгән саҡтары йөрәген ныҡ яралаясаҡ. Әммә 1959 йылдың йәйендә шағир тыуған яҡтарына көс-ғәйрәте ташып, уй-хыялдары ашып-ашҡынып торған сағында ҡайтып төштө. Арҡауылға ҡайтҡас яҙған «Алғы һыҙыҡ» исемле шиғырында Өфөләге төрлө шик-шөбһәләргә былай тип яуап бирҙе: — Һаман әле китмәнеңме? – тиҙәр, — Юҡ әле, тим, һаман китмәнем. — Ниңә, әллә кире уйланыңмы? — Юҡ, тим, әле эшем бөтмәне. Әллә нисек сәйер был һорауҙар, Әллә ҡалай ауыр күңелгә. Әйтерһең, мин ҡорал ташлап китәм, Әйтерһең, мин – яуҙа еңелгән!.. Ә бит бер ҡайҙа ла китмәйем мин, Мин тик ҡайтам, ҡайтам ауылға. Өр-яңы тормош башларға тигән ҙур пландар менән эшкә тотондо. Шағир үҙе әйтмешләй: Тормош ҡайҙа ла бар, айҙа ла бар, Ҡайнап тора тормош ҡалала. Ләкин миңә ҡыҙыҡ – алғы һыҙыҡ, ә ул һыҙыҡ бөгөн далала. Байтаҡ ваҡыт шиғырҙарҙың яҙылмауы иҫкә төшөп, күңел болоҡһоп алһа ла, шағир барыбер һиҙә: илһам уны ҡайтмаҫҡа ташлап китмәгән, киләсәк ул Рәми Ғариповтың да Болдино көҙө, Арҡауыл урамында ла байрам буласаҡ! Колхоздың көндәлек эштәре был хыялдарҙы оҙаҡҡа оноттора. Магазин складының бер яғында йәшәр өсөн урын бирҙеләр. Кескәй генә ике бүлмә. Береһенең стенаһын китап кәштәләре ҡапланы. Ингән бер кеше бигерәк тә китаптарҙың күплегенә хайран ҡала. Шул тиклем китаптарҙы ҡайҙан йыйғандар ҙа нисек бында алып ҡайтып еткергәндәр!.. Комсомол секретары Рәми Ғарипов башта уҡ эштәрҙе йәштәр менән танышыуҙан башланы. Һәр ауылдағы комсомолецтарҙың исемлеген бик ентекләп ҡуйын дәфтәренә теркәп ҡуйҙы. Уны һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә. Мәктәптәргә, китапханаларға, ҡыҙыл мөйөштәргә йышыраҡ һуғылырға тырыша. Фермаларҙа эшләүсе йәштәрҙең янында көн дә була. Күргән-ишеткәндәрен, уйлаған-кисергәндәрен теркәп барырға ашыға. Был яҙмалар «Комсомол секретарының көндәлектәре» буласаҡ, уларҙы Рәми артабан берәй әҙәби әҫәрҙең нигеҙе итергә уйлай. Тик даими яҙып өлгөрөргә ваҡыт еткереүе ҡыйын. Шуға ҡайһы бер көндә тотош трактат тыуа ла аҙаҡ яҙмалар оҙаҡҡа өҙөлөп ҡала. Ләкин ҡайҙа ғына булһа ла, кем менән генә һөйләшһә лә, кешеләргә, ваҡиғаларға ул комсомол етәксеһе мәнфәғәтенән дә, шағир күҙлегенән дә ҡарай. Тормошонда ижад рухы дауам итә, шуныһы айырыуса мөһим. Бындағы ҡырыҫ тормош шарттарында ла Рәмиҙең шағирлыҡ романтикаһы уны ташламай. 1960 йылдың март баштарында комсомол секретары Мәхмүт ауылына йыйылыш үткәрергә, лекция уҡырға барырға йыйына. Парторг Сәйфуллин Таймыйға ҡунаҡҡа бармаҡсы икән, Рәмиҙең атынан башҡа егергә ат юҡ. Рәми аҙаҡ был хаҡта: «Ат хәҙер минең ҡулға күскәс, мин үҙе кеүек түрә булып торманым, кеше һиңә таш менән орһа ла, һин уға аш менән ор, тигәндәй, үҙемә ат кәрәк булһа ла, бирҙем дә ебәрҙем», – тип яҙасаҡ. Көн кискә табан ауышып бара, етмәһә буран да ҡуҙғалып тора. Шулай ҙа әйткән һүҙен боҙа белмәгән Рәми юлға сыға. Юл буйынса буранды еңеү шатлығынан йырлап бара. Йөрөп ҡайтҡас «Буранда» исемле шиғыр яҙыласаҡ, унан шул замандың романтикаһы бөркөлөп торасаҡ: Аҡ юл һыҙып ҡара төн эсендә, Атылаһың тағы саңғыңда. Бит был төндә берәү ҡыл өҫтөндә – Йондоҙо бул кәрәк сағында!.. Ҡайҙалыр бит – сүлдә, тайгаларҙа Башҡалар ҙа шулай алыша, Шулай яулай йәшлек киләсәкте, Киләсәкте шулай һалыша!.. Был осорҙа иң удар төҙөлөштәргә, әҙәм аяғы баҫмаған төпкөлдәрҙә йәшеренгән тәбиғәт байлыҡтарын яуларға партия үҙенең тоғро таянысы комсомолды ебәрер булды. Партия «Кәрәк!» тип оран һалғанда, комсомол «Булдырабыҙ!» тип яуап бирер ине. Хәҙер йылдар үткәс барыһын да хурлап инҡар итергә ярамай. Был күтәренке рух халыҡ өсөн бик файҙалы эштәр ҙә башҡарҙы. Тотош ил ошондай төҙөү, ижад итеү дәрте менән йәшәгәндә был елкенеү комсомолдар башлығы булған шағирҙы нисек илһамландырмаһын?! Мәхмүттә һөйләргә лекцияның да ниндәйен һайлаған бит әле романтик шағир – «Нимә ул мещанлыҡ?» Был темаға ҡаланың эрудициялы аудиторияһын да еңел генә ылыҡтырырлыҡ түгел, ә Рәми колхозсылар алдында шул темаға телмәр тотмаҡсы!.. Ауыл кешеләрен ул саҡта мещанлыҡ мәсьәләләре бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙымы икән? Шулай ҙа һөйләшеүҙән лектор үҙе лә, халыҡ та ҡәнәғәт ҡалғандай. Лекция бөткәс, бик күп һорауҙарға яуап бирергә тура килә. Кешеләрҙең бихисап нәмәләр тураһында ҡыҙыҡһыныуҙары ҡыуандыра. Был лекцияһын шағир артабан башҡа ауылдарҙа ла ҡабатлаясаҡ. Иртәгеһенә буран баҫылған, салт аяҙ һыуыҡ. Ҡайтышлай Рәми Арҡауыл фермаһына һуғыла. Мәхмүттәге яҡшы кәйеф бында бик тиҙ ҡырыла. Ферма мөдире бесән килтермәйҙәр, бәрәңге юҡ, дробилкаға кеше бүлмәйҙәр тип зарлана. Өҫтәүенә ҙур бер ата сусҡа келәт араһына ҡыҫылып ҡазаланған. Бағана һайын тиерлек юғары йөкләмәләр яҙылған ҡыҙыл плакаттар элеп ҡуйылған. Шундай йөкләмә аҫтында әлеге тауҙай сусҡаны тунап яталар. Ҙур-ҙур тоҡтарҙы күтәреп, сусҡаларға ҡыҙҙар он ташып йөрөй. Шағирға быны күреүе бик уңайһыҙ: ҡыҙҙар ташый торған йөкмө ни?! Шул көндөң ваҡиғаларын асығыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн Рәми Ғариповтың үҙен тыңлайыҡ: «Ҡыҙыл мөйөшкә индем. Рәмилә Ғәниева менән Әхмәрова Мәрйәм йылынып ултыралар. Бүлмә лә бысраҡ, иҙән сүп-сар менән тулған. Дежурный юҡ. Газета подшивкалары йолҡоноп бөткән. Бына һиңә ҡыҙыл мөйөш! Ҡыҙҙарҙы ныҡ ҡына оялтып алдым. Үҙҙәренә лә уңайһыҙ булып китте. Быҙауҙар янына сыҡтыҡ. Быҙау аҙбары тишек-тошоҡ. Бер яҡҡа ҡыйшайып тора. Бысраҡ. Алдарында ашарҙарына ла юҡ малдарҙың. Өшөп, дуға кеүек кәкрәйеп, дер-дер ҡалтырап торалар. — Ашарға һалдығыҙмы? – тим. — Һалғайныҡ, – тиҙәр. — Һалғас, ҡайҙа? Ас торалар бит?.. — Ашап бөтөргәндәр. — Эсерҙегеҙме һуң? — Юҡ әле... — Нисек эсерәһегеҙ? Йылғананмы? — Әлегә йылғанан эсерә инек... — Юҡ, бындай һыуыҡта йылғанан эсерһәгеҙ, быҙауһыҙ ҡалырһығыҙ. Давай, йылытып эсерегеҙ. Өйҙә бит үҙегеҙ йылытып эсерәһегеҙ!.. Өндәшмәйҙәр комсомолкаларым. — Нимә ашатаһығыҙ? – тим. — Бесәндән башҡа бер ни ҙә юҡ быйыл. Концентрат бирмәйҙәр. Сусҡаларға ғына, – тип зарлана ҡыҙҙар. — Улай булғас, нисек итеп привесығыҙ булһын? — Привес юҡ инде, үлмәйенсә ҡыш сыҡһалар, шул инде. — Ә ниңә шул хаҡта давайлашып парткомға, председателгә бармайһығыҙ? — Улар беҙҙең менән һөйләшеп тораларҙыр ти ҙә... Барһаң, баҡырталар ҙа сығаралар инде. — Ә ниңә комскомитетҡа килмәйһегеҙ? Һеҙгә бит һуғышырға кәрәк малдарығыҙ өсөн! Ниңә әйткәнде генә көтөп тораһығыҙ? Ә үҙегеҙ ана ете йыллыҡты дүрт йылда эшләйбеҙ тип яҙып ҡуйғанһығыҙ. Былай бит ун дүрт йылда ла эш сыҡмаҫ... — Сыҡмай инде. — Ә ниңә малдарығыҙҙың йөнө ҡойолоп бөткән? — Лишай... — Фельдшер килмәйме? — Килһә лә – дарыуы булмағас ни... Бер көн килеп һөртөп киткәйне лә... — Ә үҙегеҙ һөртмәйһегеҙме? — Беҙ ни фиршел түгел дә... — Ниңә, тимерәү-ҡорсаңғыға дарыу һөртөр өсөн фельдшер булыр кәрәкме? Һорашығыҙ, белегеҙ, үҙегеҙ эшләгеҙ. Юҡ, былай эш барып сыҡмай. Бына шундай хәлдәр фермала». Хәлдәр бик мөшкөл икән шул. Колхоздың башҡа тармаҡтарында ла күңелһеҙ күренештәр етерлек. Ҡайҙа ла эшсе көстәр етешмәй, ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе өйҙә ултыра. Хеҙмәт көнөнә ни игене, ни аҡсаһы булмағас, кемдең бушҡа эшләп йөрөгөһө килһен? Әлеге оҙон ғына өҙөк, бер яҡтан, шағирҙың, тыуған ауылына ҡайтып, ниндәй етешһеҙ донъяға, хеҙмәт тәртибе бөтөнләй аҡһаған мөхиткә килеп юлығыуын күрһәтһә, икенсе яҡтан, Рәми уларҙы ни тиклем йәнле итеп ҡағыҙға төшөргән. Тот та берәй проза әҫәренә индереп ебәр. «Комсомол секретары яҙмалары» ижад ителгән булһа, был һөйләшеүҙәр унда урын алмай ҡалмаҫ ине. Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: баштан-аяҡ колхоз эштәренә сумһа ла, шағир ижадтан айырылмай, шиғыр яҙылмаһа, ҡәләмен башҡаса сарлай: көндәлектәрендә төрлө характерҙарҙың эскизын, үҙенсәлекле күренештәрҙең, тапҡыр һөйләшеүҙәрҙең үрнәктәрен бирә. Ошо уҡ март башында Рәми йыйылыш үткәрәм тип Күҙәгә барғайны. Йәштәр Арҡауылға уйынға сығып киткәндәр. Бригадир Юлай менән һөйләшеп ултырҙылар. «Бына үҙем инде алты айға илле һум аҡса алдым ни бары, – ти Юлай. – Шунан нисек эшләгең килһен инде. Талпынып-талпынып ҡараным да, булмай инде...» Рәми Ғарипов та тыуған яҡтарына бик талпынып ҡайтҡайны. Әле лә комсомолдарҙың башлығы һәр көнөн ҡанатланып башлаған һымаҡ. Ҡайһы саҡта бик файҙалы эштәр ҙә аҡтарып ташланыла. Ләкин колхозда ойошҡанлыҡ етмәй, тәртипһеҙлек бәкәлгә ныҡ һуға. Етәкселәр булған мөмкинлектәрҙе тейешенсә файҙаланмағас, Рәмиҙең сабып йөрөүҙәре менән генә хәл үҙгәрерлек түгел. Бына яҙғы сәсеү ваҡыты етеп килә, ә орлоҡ юҡ. Орлоҡ алмаштырыуҙы дөрөҫ ойошторғанда көҙөн машиналар станциянан буш ҡайтмаҫ, хәҙер тракторҙар элеваторға буш бармаҫ ине. Күпме яғыулыҡ әрәм була, техниканы ырамлы эшләтеү юҡ, шуға бәрәкәт юҡ. Әле Юлай менән Рәми иҫәпләп ҡаранылар: был «эшкә» Күҙә фермаһының ике айлыҡ һөтө бушҡа түгелә... Бынау һандарҙы яҙып ултырғанда нисек йөрәгең һыҙланмаһын ти?! Күҙәлә «Туңға ни бары 300 га ер һөрөлгән. Яңынан 500 га һөрөп сәсәһе бар. Ә бөтәһе 125 эш көсө бар (63 ир, 62 ҡатын). Уларҙың да күбеһе штатлы эштә – фермала һәм башҡа урындарҙа. Ә бригадала эшләүсе ҡыҙҙарҙан ни бары бер генә ҡыҙ ҡалған!..» Рәми ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡала торғандарҙан түгел. Нимә генә тиһәң дә, ул үҙенең тыуған ерендә, яҡташтары араһында бит әле! Төп таянысы – шулар. Яңынан-яңы пландар ҡороп, дәфтәр биттәре тула. Валентин Овечкиндың «Район көнкүрештәрен» иҫ китерлек дөрөҫлөк менән ярып һалған очерктарын йотлоғоп уҡый. Яҙғас-яҙғас, бына шундай булһын әҫәрҙәрең. Был очерктарҙы һәр етәксегә партия ҡушыуы буйынса уҡытырға ине, бәлки, эштәрҙе һәйбәтерәк ойоштороп алып китерҙәр ине. Китап-ҡағыҙҙарҙан айырылып, тышҡа сыҡһаң, балҡып янған йондоҙҙар шундай бейек, күк йөҙө тағы ла юғарыраҡ күтәрелгән һымаҡ. Ошондай илаһи төндәрҙә әллә ниндәй бөйөк эштәр алға әйҙәгәндәй, барлыҡ йыһан һиңә фатихаһын биргәндәй була. Иртән тороуға мәшәҡәттәр өҫкә ябырыла. Колхозсыларҙың ҡайһы берҙәре тәү әйткәндән үк аңлай, икенселәре менән ҡатыраҡ һөйләшергә кәрәк. Бөтөнләй аңларға теләмәгәндәре лә осрай. Һәр береһенә асҡыс табыу еңел түгел. Етәкселәр менән дә үҙ фекереңде яҡлап йыш бәхәсләшергә тура килә. Рәми колхоз белгестәре, бигерәк тә йәш интеллигенция араһынан үҙенә фекерҙәштәр эҙләй. Тупланырға әҙер торғандары бар. Ләкин күптәре шәхси донъяһын ҡайғыртып ҡына йәшәй. Рәми комсомол эшендә мәктәп, педагогтар ышаныслы таяныс булыр тип өмөтләнгәйне. Уҡытыусыларҙың дөйөм эшкә битарафлығын күреп, борсолормон тип уйламағайны. Мәктәптәрҙән йыш ҡына йәне көйөп ҡайта ла былай тип яҙып ҡуя: «Беҙҙә бит хәҙер күп уҡытыусылар хосуси милексегә әйләнгән. Дәүләттән аҡса ла ала, үҙендә лә бөтөн бер хужалыҡ алып бара... Үҙ өҫтөндә эшләргә, үҙенең эше тураһында уйларға ваҡыт та ҡалмай уға. Ул мал аҫрап, әйбер йыйып, мал һәм әйберҙәр ҡоло булып йәшәй. Шуның өсөн уның авторитеты ла юҡ» (10.03.60). Шағирҙың был һүҙҙәрендә хаҡлыҡ күп булһа ла, урындағы етәкселәрҙең уҡытыусыларҙы баһалап еткермәүҙәре, уларҙы кәмһетеп ҡарауҙары нәҡ ошо осорҙа башланғайны бит. Шағирҙың төп көсө – һүҙ. Әммә был көс, бигерәк тә яҙма һүҙ тейешенсә файҙалынамы һуң? Быға баштараҡ Рәми артыҡ иғтибар итмәне. Кешеләр менән ныҡлап танышҡансы, нисәмә ауылдан торған колхоз хужалығын өйрәнгәнсе уйларлыҡ форсат та булманы. Уртаҡ эште төрлөсә тотҡарлаусыларҙы нисек оялтырға, сәмдәренә тейерлек һүҙҙе ҡайҙан табырға тип төрлөсә баш ватҡанда Рәмиҙең хәтеренә бер мәл көтмәгәндә мәктәп йылдары, унда сығарған стена газеталары, ҡулъяҙма журналдар килеп төштө. Ә ниңә шул тәжрибәне ҡулланмаҫҡа? Бер тапҡыр һүҙҙең ялҡытҡыс ун вәғәздән тәьҫирлерәк икәнен Рәми интернатта төртмә телле шиғырҙар, мәҡәләләр яҙған саҡтарҙан уҡ яҡшы белә. Әле лә илдәге хеҙмәт һәм уҡыу коллективтарында стена газеталарын, үткер «молния»ларҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйҙар, яңы һандарын көтөп алалар. «Йүрүҙән» колхозының комсомол ойошмаһы секретары Рәми Ғарипов сатирик газета сығарасаҡ. Исеме әйҙә «Крокодил» булһын. Идараның иң күренекле урынында эленеп торасаҡ ул. Ҡарап ҡарарбыҙ, исемдәре унда эләккәндәр нимә тиерҙәр икән? «Крокодил»дың кешеләргә тәьҫир итеүе көткәндән күпкә көслөрәк булып сыҡты. Рәми шиғырҙарҙы ла үҙе яҙа, һүрәттәрҙе лә үҙе төшөрә. Иллюстрациялар менән тапҡыр һүҙҙәр бер-береһенә тап килеп тора. Элеп ҡуйыу менән стенгазетаны халыҡ һырып ала. Тәнҡитләнгән кешеләрҙең исемдәре бөтә колхозға – нисәмә ауылға тарала. Шиғырҙарҙы күсереп алыусылар ҙа бар. Рәми Ғариповтың ауылда эшләгәндә яҙған утыҙлап «тәнҡит» шиғыры бар. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: шағир ҡулы эшләгән һүрәттәр менән бергә ошо шиғырҙар урынлаштырылған стенгазеталарҙың да ҡайһы берҙәре һаҡланып ҡалған! Был оригиналь баҫмалар авторҙың ижадында ғына түгел, барлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихында уникаль күренеш. Әлбиттә, үҙҙәре эшләгән коллективта төрлө байрамдарға даими сығарыла торған стена газеталарына төрлө арнауҙар, эпиграммалар, дуҫтарса шарждар яҙыу СССР-ҙағы һәр шағирҙың тиерлек яҙмышында булған хәл. Шулай уҡ уҡыу йорттарындағы әҙәби түңәрәктәрҙең ҡулъяҙма газеталарында һәм журналдарында шунда яҙышҡан күпме шағирҙарҙың, әҙиптәрҙең тәүге ижади аҙымдары яһалған. Бабичтарҙың «Ғалиә» мәҙрәсәһендә сығарған баҫмалары, хәҙер «Шоңҡар» исемен йөрөткән түңәрәктең Ғ. Сәләмдәрҙән алып хәҙерге заманға тиклемге стена газеталары, төрлө ҡулъяҙма альманахтары бөгөнгө көнгә килеп етһә, үҙе бер хазина булыр ине. Бәхеткә күрә, Рәми Ғариповтың Арҡауылда сығарған стена газеталарының байтаҡ өлөшө уның йорт-музейында һаҡлана. Башҡа баҫмалар һымаҡ, улар коллектив хеҙмәт түгел, ә ни бары бер авторҙың ижады, шул яғы менән айырыуса мөһим. Был шиғырҙарға Рәми Ғарипов ябай стенгазета материалы итеп кенә ҡарамаған, уларҙы юғары талаптар ҡуйып яҙған. Юғиһә ҡайһы берҙәрен «Осоу» китабына индереп ебәрмәҫ ине. Шуларҙан «Суртан язаһы» тигәнен тулыһынса килтерәйек: Һиҙиәт ағай ир ине, Үҙе бригадир ине; Тауыштары көр ине, Беҙҙең яҡта бер ине; Ағай-эне, тир ине, Ярар, ҡустым, тир ине; Кеткелдәп көлөр ине – Ҡорһаҡ һелкенер ине... Менгән аты кир түгел, Бер ерән ҡашҡа ине. Үҙе лә кире түгел, «Үҙенә башҡа» ине: Сусҡалары үлеп ятһа, Себен үлә, тир ине; Ҡуяндарға ҡарашы ла Торғаны бер сер ине. Юҡһа, ҡуян ҡараған дуҫ Ни һатып эсер ине?.. Һай, ир ине, ир ине, Сая бригадир ине, Кәбеҫтәне кәзәнән Һаҡлатыр бер ир ине! Шулай ғүмер һөрә торғас, Етте көндөң башҡаһы – Ағыуланған ашлыҡ ашап, Үлеп ҡуйҙы ҡашҡаһы; Үлгәс үлгән ҡашҡаһы, Мал табылыр – баш ҡалһын, Бәләкәй эш ҡашҡаһы, Бында ҡыҙыҡ башҡаһы: Йәне бар, тип үлгән атын, Ҡайырылған уң ҡанатын, Акт төҙөп, «һуйҙылар»... Үҙен, бывалый һалдат тип, Аҡса ашап, өйҙә ят, тип Пожаркаға ҡуйҙылар. Пожаркала ята торғас, Тәмәкене тарта торғас, Кереп китте дәрт уға: Хәҙер минең эш май, тиеп, Янғыны ла сыҡмай, тиеп Көнө-төнө кәрт һуға! Көнө-төнө малайҙар Пожарканан ҡайтмайҙар. Был Һиҙиәт пан, малай, Ауыҙында бал да май. Егеп сыҡһа, аты бар, Эсе бошһа, «ярты» бар... Ни кәрәк һуң суртанға, Батырһаң уны һыуға?.. Салауат районындағы Һиҙиәт тигән бер кеше тураһында әйтелгән был һүҙҙәр шул осорҙағы Башҡортостандың бар ауылына ла тиерлек тап килеп тора ине. Колхоз стенгазетаһына тәғәйенләп яҙылған әҫәрҙең шиғри эшләнеше уға бына шундай көс бирҙе. Рәмиҙең «Крокодил»ындағы шиғырҙарҙың исемдәре үк тәнҡиттең кемгә төбәлгәнен күрһәтә: «Йҫәпһеҙ иҫәпсе», «Акробат шофер», «Ялҡау», «Нуҡталы ҡатын», «Спирттин-Хөснөтдин», «Әрәмтамаҡ». Сусҡалары менән бергә аунаусы ферма мөдире лә, ырҙында Яңы Янғантау булып игендең янғаны ла иғтибарҙан ситкә ҡалмай. Комсомол путевкаһы менән һауынсы булырға килгән, тик ундағы эште күргәс, бик тиҙ ҡасҡан ҡыҙҙарҙың һәр береһенең исемен атап, «Дүртәү бәйете» тыуа. Исем-шәрифтәрен йәшереп тормайынса, «Крокодил» парткомға ла өлөш сығара: Ултыраһың, Сәғит, парткомда, Кәмә – ҡомда. Тарт ҡомдан! Яңы тирмән. Он юҡ элеккесә. Яңы бина. Эштәр иҫкесә. Минең иҫ-аҡылым етмәй, Ә һинең бит иҫ тә китмәй. ...Һөйләшәһе килде халыҡ хаҡында. Уйың да юҡ хаҡлыҡ хаҡында. Тик һин киттең үҙ юлыңдан, Ә мин киттем үҙ юлымдан. Халыҡ тураһында уйлап та ҡарамаған фирҡә етәксеһе менән комсомолдар башлығының юлдары айырыла. Был бит үҙенсә ЧП – шул замандағы сәйәси тәртипте боҙоуға тиң ғәҙәттән тыш хәл! Шағир партком тип тормай, ундағы вайымһыҙлыҡ тураһында ла ҡыйыу һүҙ әйтә. Шағирҙың бындай сығыштары эҙһеҙ генә үтмәй, етәкселәрҙең асыуын ҡабарта. Улар әлегә үҙҙәренең ризаһыҙлыҡтарын асыҡтан-асыҡ белдермәһәләр ҙә, ике арала конфликт ҡотолғоһоҙ рәүештә үткерләнә барасаҡ. Исемдәре ҡәләм осона эләккән кешеләр Рәмигә тынғы бирмәй. Бына әле Көҫәпәйҙән Ғиниәт ағай килеп еткән: — Ҡара әле, Ғарипов ҡустым, – ти. – Яҙыуын яҙғанһың да, политик яҡтан бик дөрөҫ түгел бит әле. Мин ҡарт ҡына көйөмә наҙан ғына башым менән бөтә эште алып барам, ә бына шул «Крокодил», халыҡ төрлөсә һөйләй. «Ғиниәт ағай, һине анда үлтергәндәр», тиҙәр. Шулай итеп, нисек инде бригадирҙың авторитеты булһын, күҙҙән төшә бит кеше. Ә мин яманмы-яҡшымы шул колхоз тип һөрәләнеп йөрөп ятҡан булам...» (10.03.60). Рәми был ағайға яҙылғандарҙың барыһы ла дөрөҫ бит, әйҙә яңынан уҡып сығайыҡ тип, күрһәтеп-аңлатып ҡараһа ла, ул бик ауырға ала. Ә бер ҡыҙ, ҡәләм һорап алып, «Көҫәпәй ҡайғылары»н күсереп яҙырға тотона. Тимәк, һүҙҙәр бушҡа әйтелмәгән, шиғырҙар юҡҡа яҙылмаған. Шағир өсөн ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ. Үпкәләшеүҙәргә килгәндә, ни хәл итәһең: тураһын әйткән туғанына ярамаған. Үпкәләү генә түгел, янап йөрөүселәр ҙә бар. Иң мөһиме – эшкә файҙаһы булһын, колхозсылар ҙа, етәкселәр ҙә яуаплылыҡ тураһында уйланһын. Бында асыҡлыҡ индереп китергә кәрәк. «Осоу» китабына ингән «Суртан язаһы» исемле шиғыр «Крокодил»да баҫылған «Ерән ҡашҡа бәйете»нән тыуған икән, Көҫәпәйҙән килгән ағай шуға үпкәләгән икән. «Суртан язаһы»нда бәйеттең «Ғиниәт ағай ир ине» тигән юлы «Һиҙиәт ағай ир ине» тип, «Көҫәпәйҙә бер ине» урынына «Беҙҙең яҡта бер ине» тип үҙгәртелә. Китапта ваҡиғалар киңерәк дөйөмләштерелеп алына, төп геройҙың «эшмәкәрлеген» тулыландырыусы байтаҡ яңы строфалар өҫтәлә. Төрлө яҡтан төрлө һүҙҙәр килеп торһа ла, Рәми етешһеҙлектәрҙе фашлап шиғырҙар яҙыуҙан туҡтаманы. Колхозда төрлө милләт кешеләре йәшәй, Арҡауылда рустар ҙа байтаҡ. Уларҙың күпселеге башҡортса белә, һөйләшә башлаһалар, башҡорттан айырырлыҡ түгел. Шулай ҙа ҡайһы бер шиғырҙарҙы – рус кешеләренә арналғандарын Рәми русса яҙҙы: барыһына ла нығыраҡ аңлайышлы булһын. Мин төшөнмәнем бит, тип аҡланырға урын ҡалмаһын. Стенгазетаға яҙған ҡайһы бер шиғырҙар Рәми Ғариповтың беренсе томына ингән һәм улар яңылыш иң аҙаҡта 1975 йылғы әҫәрҙәр бүлегендә бирелгән. Был сатирик юлдарҙы шағирҙың 1960-1962 йылдарҙа тыуған районында эшләгәндә яҙғанлығы көн кеүек асыҡ. Газета сығарыу эшендә ҡатынын да шағир ситтә ҡалдырманы. Арҡауылдағы тормошҡа өйрәнеп алып китеүе Мәскәүҙә тәрбиәләнеп үҫкән Надежда Васильевнаға башта еңелдән булманы. Өйләнешкән йәйҙе тәүге ҡайтҡандарында уҡ бындағы кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендәге күп кенә яҡтар йәш киленгә бик сәйер күренгәйне. Бына улар килеп төшөр ҙә Рәмиҙең туғандары, ауылдаштары йүгерешеп ҡаршы алырҙар, ярһып-ярышып ҡотларҙар-яратырҙар, ҡосаҡларҙар-үберҙәр, донъя шаулап торор тип көткәйне. Рустарҙа киленде шулай ҡаршылайҙар бит. Бында бер ҙә улай түгел икән. Йыл буйына туғандарын күрмәгән, тыуған йортон ни тиклем һағынып ҡайтҡан Рәми бер ҙә ауылдаштарының ҡосағына ташланманы. Башта әсәһе менән тыйнаҡ ҡына күреште, шунан берәм-берәм туғандарының, башҡаларҙың ҡулын ҡыҫты. Янындағы кәләше лә шуны ҡабатлауҙан башҡаны эшләй алманы. Рәмиҙең кәләш алып ҡайтҡанына бер ҙә ҡыуанмайҙармы икән ни? Әллә уның был эшен бөтөнләй хупламайҙармы? Станциянан ауылға ҡайтып еткәнсе юл буйынса күҙҙең яуын алырлыҡ күпме сәскәле яландар янынан үттеләр. Мәскәү тирәһендә ундай матурлыҡты Надяның ғүмерҙә лә күргәне юҡ. Ундай сәскәләр Рәмиҙәрҙең ауылы янында ла үҫәлер бит. Ниңә сәскәләр тотоп ҡаршы алмайҙар, исмаһам берәй бәйләмен булһа ла бүләк итмәйҙәр икән! Мәскәү яҡтарында ундай сәскәләр булһа!.. Тора-бара нығыраҡ белде: тойғоларын ҡапыл ғына белгертеп бармаһалар ҙа, Рәмиҙең яҡташтары ихлас та, күңелсәк тә икән. Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрендә сөсөләнмәйҙәр, тыштан ҡарағанда ҡырыҫыраҡтар, әммә эскерһеҙлектең, тоғролоҡтоң ҡәҙерен ныҡ беләләр, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итергә әҙерҙәр. Мәскәүҙән төшкән килендең сабырлығын Арҡауылдағы тормош тәүге көндәрҙән үк бик ҡаты һынай башланы. Ғүмере буйы бында йәшәгән кешегә барыһы ла ғәҙәти: ямғырҙарҙан һуң урамдарҙа батҡаҡ, һыуын да, утынын да ташырға кәрәк, ҡасан ғына әле кистәрен шәмгә ут алалар, электр яҡтыһын бөтөнләй белмәйҙәр ине. Ярай әле уныһы булды, тик янған сағынан ватыҡ ваҡыты күберәк. Надежда ауырлыҡтарҙы һуғыш заманында ла, унан һуң да күреп үҫкән, шуға ауыл шарттарында ҡаушап ҡалманы. Дәртләнеп донъя көтөп алып киттеләр. Салауат балалар баҡсаһына йөрөй. Дүрт йәше тулғандан көн дә тиерлек яңы шиғырҙар отоп ҡайта башланы. Ата-әсәһен шатландырған тәүге шиғырын өйҙә ҡат-ҡат һөйләттеләр: Кремль сәғәте Һуға бейектә. Ул әйтә беҙгә: «Хәйерле иртә!..» Рәми был юлдарҙың авторын да белмәй, әммә улы әле донъялағы иң яҡшы, иң бөйөк шиғырҙы һөйләгән кеүек. Ҡатыны идарала секретарь-машинистка булып эшләй. Уның өсөн көнкүреш уңайһыҙлыҡтарынан нығыраҡ ауырлыҡ тыуҙырғаны – башҡорт телен белмәүе. Тормоштағы күпме ҡаршылыҡтарҙы еңеп була, ә бына башҡа телдең ҡаршылығын еңеп, уның серле донъяһына үтеп инеүе – иң ҡатмарлыһы. Надя менән яҡындан аралаша башлағандан уҡ Рәми уны башҡортса өйрәтергә тырышты. Күпме тапҡыр яңы яҙылған шиғырҙарын түҙемһеҙләнеп уға башҡортса уҡып ишеттергәне, мәғәнәһен русса аңлатырға тырышып та, бының мөмкин түгеллеген аңлап, күңеле һүрелгәне булды. Тойһон ине ҡатыны башҡорт шиғырының аһәңен! Башҡорт телен өйрәнер өсөн Арҡауылда мөмкинлектәр Өфөләгегә ҡарағанда күберәк. Идаранан халыҡ өҙөлмәй, барыһы ла, хатта рустар ҙа башҡортса һөйләшә. Эштән һуң урамда ла, магазинда ла, клубта ла шул телдә аралашыу. Ҡыҙыҡһыныусан, сит һүҙҙәрҙе тиҙ ҡабул итеүсән Надежда Васильевна телдең үҙенсәлектәрен көндән-көн нығыраҡ аңлай, башҡортса аралашырға тырыша. Телде өйрәнеүҙә уның иң ҙур ярҙамсыһы – кескәй Салауат. Ҡатынының уңыштарына Рәми ихлас ҡыуана. Уға өйҙә бик һирәк булырға тура килһә лә, буш ваҡыттарында тел дәрестәрен туҡтатмаҫҡа тырыша. Бер төндө ғәҙәттәгесә яҙышып ултырғанда ҡапыл ғына студент көндәлектәренән бер урын иҫкә төштө. Һүҙмә-һүҙ хәтерләмәй, ләкин ни тиклем тулҡынланып яҙғанын әле лә онотмаған. Әллә күпме дәфтәрҙәре араһынан иң кәрәклеһен эҙләп тапты. 1955 йылдың 1 июнендә «Надя! Ҡатыным минең!..» тип башланған яҙмалар уны яңынан Мәскәү янындағы эҫе төндәргә алып китте. «Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!..» Көндәлектәге ошо һүҙҙәрҙе улар күпме тапҡырҙар ҡабатланы, ошо өмөт, ышаныс уларҙы иң ҡыйын ваҡыттарҙа ла көслө итте. «Беҙ ауырлыҡтарҙы күтәрергә әҙер. Сөнки уларҙы икебеҙ ҙә йәшләй күтәреп өйрәнгәнбеҙ» – былай тип белдереүҙәр ҙә яҙыуҙа ғына ҡалманы, тормошта нисәмә тапҡырҙар раҫланды бит! Бөгөн ете төн уртаһында Рәми студент дәфтәрҙәрен, бигерәк тә бына ошо юлдарҙы, яңынан уҡыр өсөн эҙләгәйне: «Унан һуң ул башҡорт телен өйрәнергә тейеш! Тел – минең тормошом! Сөнки мин эшемде телдән башҡа күҙ алдыма ла килтерә алыуым мөмкин түгел! Беҙ ир менән ҡатын булып ҡына йәшәй алмаясаҡбыҙ. Хәҙерҙән үк беҙгә башҡорт теленә тотонорға кәрәк. Бер сәғәт ваҡытты ла бушҡа әрәм итмәҫкә! Торғанда ла, бергә йөрөгәндә лә, ашағанда ла мин уны һиҙҙермәйенсә генә өйрәтергә тейешмен! Шаярып һөйләшеү, минеңсә, бының иң яҡшы юлы. Был ғәҙәткә әйләнәсәк! Уға башҡорт телен өйрәтеү мәктәптәгесә дәрес биреүгә генә ҡайтып ҡалмаҫлыҡ булһын. Уны тел белеменә, яҙыусыларҙың тел өҫтөндә эшләүенә, тарихҡа һәм әҙәбиәткә, халыҡ ижадына, йыр һәм музыкаға, психологияға бәйләп, тормошҡа бәйләп өйрәтергә кәрәк. Тел бөтә нәмәгә асҡыс булырға тейеш. Минең өсөн башҡорт телендә аңлата белеү генә бик аҙ һәм бәләкәй нәмә. Тел өйрәнеү Надя өсөн ҙур бер эшкә, үҙ өҫтөндә эшләүгә әйләнерлек булһын. Мин Надяның биш йыл эсендә башҡорт телендә уҡый-яҙа аласағына ышанам. Ул 1960 йылда минең был уйҙарымды уҡып көлөрлөк буласаҡ. Минең был көндө яҡынайтҡым һәм үҙ уҡыусыма ҡарап бөтә күңелдән шатланғым килә. Был бәхетте мин хәҙер үк тоям һәм ғорурланам. Ул көндө мин үҙем дә уның туған теленән Тарас Шевченко шиғырҙарын тәржемә итеп уҡырлыҡ булырға тейешмен! Ә беҙҙең тәүге балабыҙ был көндө русса ла, башҡортса ла һөйләшеп йөрөйәсәк!» Ҡатынын уятып, уға быларҙы уҡығыһы килде лә, уның йоҡоһон йәлләп, уҡталған еренән туҡтаны. Үҙен күрәҙәсе тип һанамаһа ла, Мәскәү студентының юрауҙары тап килеп тора бит. Яҙғандарында өндәү билдәләренең күплегенә иғтибар итте, әммә уға аптыраманы. Мәскәүҙә һуңғы көндәр айырыуса ҡанатланып йәшәлде. Биш йылдан һуң киләсәк тормоштары тураһындағы әлеге уйланыуҙарын Рәми ошондай һүҙҙәр менән бөтөргәйне: «Юҡ, мин быларҙың тик хыял ғына булып ҡалыуын теләмәйем. Быға тиклем минең хыялдарым тормоштан айырылманы. Бынан һуң да мин үҙемә тоғро ҡаласаҡмын. Надя менән беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!» Уйлап ҡараһаң, биш йыл ғүмер Мәскәүҙә уҡығанда оҙағыраҡ күренгәйне, Башҡортостанға ҡайтҡас, нисектер тиҙерәк үткән һымаҡ тойолдо. Хатта тойолмай ҙа ҡалды. Илленсе йылдар тигән тотош тарихи ара ни арала йомғаҡланып өлгөргән? Алтмышынсы йылдың яҙы башлана, ул бик ҙур үҙгәрештәр алып килер һымаҡ. Яңыраҡ клубта уҡытыусыларҙың концерты булды. Унда Надя ла ҡатнашты, Гоголдең «Май төнө»нән бер өҙөк, Геннадий Молодцовтың «Салауат йыры» тигән шиғырын илһамланып уҡыны. Бик оҡшаттылар, шаулатып ҡул саптылар. Килендәше Фәниә менән бергә йыр ҙа йырланылар. Молодцовтың шиғырын ҡатынына Рәми башта үҙе уҡып ишеттергәйне. Икеһенә лә әҫәр бик оҡшағайны. Надя ни арала ятлап та ала һалған. Яҡшы шиғырҙы ул тиҙ отоп ала. Халыҡ тын да алмай тыңлағанда Рәми тулҡынланып та, ғорурланып та ултырҙы. Не уходят подвиги в могилы, Именам героев смерти нет. Будет вечно полон юной силы Сын Юлая, воин и поэт. Гаснуть алым отблескам заката, Тлеть седым метелкам ковыля, Но не смолкнуть песне Салавата Над тобой, Башкирская земля! – тигәс аҙ ғына тынып торған зал алҡыштарға күмелде. Мәскәүҙәге осрашыуҙарҙан һуң биш йыл ғүмер үтеп китер ҙә ҡатыны Рәмиҙең тыуған ауылында клуб сәхнәһендә Башҡортостан шағирының шиғырын уҡыр, башҡортса йырларға өйрәнер тип кем уйлаған? Ошо көндө күреү бәхет түгелме ни? Ғариповтарҙың «Беҙ бәхетлеме?» тип һорарға сәбәп тапмайынса, халыҡҡа ошолай шиғыр һөйләп, улар менән бергә шатланып йәшәүҙәре, бәлки, үҙе бәхеттер ул?! Надя хәҙер иренең шиғырҙарын башҡортса уҡырға тырыша. Молодцовты Рәми бик дәртләнеп, шатланып тәржемә итте. Ҡатыны сағыштырып уҡый ҙа рус шиғырының башҡортса шулай матур яңғырашына һоҡланып бөтә алмай. Ысынлап та, был юлдар оригиналдың үҙе менән тиңләшерлек түгелме ни: Ҡаһарманлыҡ ятмай ҡәберҙәрҙә, Батырҙарға гүре юҡ ерҙең. Мәңгегә йәш үлмәҫ рухы йәшәй Юлай улы яугир шағирҙың. Ал шәфәҡтәр балҡып һүнерҙәр ҙә Сал ҡылғандар тыныр гүрендә. Тик Салауат йыры, үлем белмәй, Яңғырар гел башҡорт ерендә!.. Бер көн Надя сәхнәнән, бәлки, башҡортса ла һөйләй алыр. Рәмиҙең һәр яңы шиғырына ул шағирҙың үҙенән дә нығыраҡ шатлана. Стенгазеталарҙы бергә әҙерләйҙәр. «Крокодил» өсөн сығарылған төртмә юлдарҙы, бәйеттәрҙе, таҡмаҡтарҙы иң элек уҡыған, иң элек көлгән кеше лә ул. Хатта автор булараҡ та ҡатнашҡаны бар. Арҡауылда ут селтәре бер тоҡанып, бер һүнеп, халыҡты байтаҡ яфалағайны. Был хаҡта Надежда стенгазетала уҫал ғына мәҡәлә яҙып сыҡты. Хәҙер, күҙ теймәһен, һәйбәт кенә яна. Яҡтыртылған урам буйлап баяғы кисәнән ҡайтҡанда ошо хаҡта ла һөйләшеп алдылар. «Шулай ҙа беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалалар», – тип ҡуйҙы Ғарипова. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, Рәмиҙең күптән түгел яҙылған «Ут тураһында йыр»ын иҫкә төшөрҙөләр. Тағы ла электр селтәре эштән сығып, көндәре, дөрөҫөрәге, төндәре шәмгә ҡалғанда тыуҙы был шиғыр: Ниндәй ҡәҙерле һуң был ут миңә! Тағы шәмде һелкеп ҡарайым. Дым сайпылған ошо шәм янғанда, Ҡояшым бар минең, бар айым!.. Яҙам, яҙам!.. Хыялланам һаман, Янам, янам бергә шәм менән. Көндөҙ атта эйәр ҡырған тәнде Яҙылдырам ошо йәм менән. Йөрәгемде, утлы йөрәгемде Һурып алһам бына күкрәктән, Бөтә донъя балҡып китер ине Тик ут йыйған минең йөрәктән!.. Шағир һаман да «Горький улы Рәми» булып ҡала: уның да булмышы йөрәген күкрәгенән йолҡоп алып, дөм ҡараңғы донъяны балҡытып яҡтыртҡан Данконыҡына оҡшаш. «Ауылда йыш ҡына ут һүнеп, төндәр буйы шәм яндырып ултырырға тура килмәһә, бәлки был шиғыр ҙа тыумаҫ ине», – тип шаярта Рәми. Ә шиғырҙар йыш яҙыла башланы. Ҡайта һалғас, улар хаҡында уйларға ла мөмкинлек булманы тиерлек. Хәҙер бына үҙҙәре тынғы бирмәй. Шиғри «Молния»лар сығарыу, ауылдарҙағы төрлө хәлдәр хаҡында сәнскеле һүҙҙәрҙе эҙләп, даими шиғри ритмда йәшәү ҙә эҙһеҙ үтмәне. Ҡайһы саҡта бик ашығыс яҙылһалар ҙа, шағир күбеһен бер көнлөк кенә тип һанаған был шиғырҙар, ҡобайырҙар, таҡмаҡтар, бәйеттәр күптән тоҡанырға йөрөгән күңелгә осҡон булып төштөләр кеүек. Ижадта икенсе һулыш асылды. Йырҙарына ҡайтыр өсөн Рәми Ғариповҡа ҡырҙарына ҡайтырға кәрәк булған икән. Килгән уй-кисерештәрҙе ҡабалан булһа ла теркәп ҡуйырға кәрәк: Ҡайтам ауылға, Тыуған тауҙарыма, Ҡырҙарыма, Ел-ямғырға, Буран-дауылға; Мине кеше иткән кешеләргә, Улар менән бергә йәшәргә, Икмәк-тоҙон бүлеп ҡыуанырға, Бер һүҙ менән әйтһәк – йәшәргә! Былары – ташып торған теләкте белдермәйенсә түҙә алмауҙан тыуған строфалар. Тиҙҙән шағир был уйҙарҙы яңы шиғырында дауам итәсәк, бөтөнләй камил юлдар хасил буласаҡ: Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам! Ҡалып тор һин, гүзәл баш ҡалам. Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә, Һин шауларһың минән башҡа ла! Тыуған яҡтарға йәшәргә ҡайтыу шағир тормошонда мөһим үҙгәреш. Шул уҡ ваҡытта был киҫкен боролош яуаплылыҡ, бәхет, бәхетһеҙлек тураһында нығыраҡ уйландырҙы, ижадта фәлсәфилекте көсәйтте: Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк, Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң? Ҡайғың да бит бәхет, ваҡ бәхетте – бәдбәхетте алып ырғытһаң!.. Шәхес менән халыҡ араһындағы бәйләнеш тураһында быға тиклем дә Рәми әҫәрҙәрендә үҙәктә булған уйланыуҙар яңы шиғырҙарында артабан үҫтерелә, үҙенә ҡуйған юғары талаптар хаҡында шағир тағы ла киҫкенерәк иҫкәртә: Ил бәхете менән бәхетле бул, Ил ҡайғыһы менән – ҡайғылы. Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине Шул ҡайғынан һиңә айырылыу... «Йырҙарыма ҡайтам» тип аталып, аҙаҡ Рәми Ғарипов ижады, ғөмүмән, алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы башҡорт шиғриәте тураһында фекер йөрөтөүҙәрҙә йыш телгә алынған был программа рәүешендәге әҫәрҙә «Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше?» тигән һүҙҙәр бар. Йәмғиәтте, әҙәм балаларын быуаттар буйына борсоған һорауға яуап эҙләп, шағир яңынан тыуған тупрағына аяҡ баҫты. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татыған, нужа һурпаларын эскән, ел-дауылдарҙа сыныҡҡан ир-егет булып аяҡ баҫты. Рәми 1946 йылда сығып киткән ауыл да, уның кешеләре лә илленсе йылдарҙың аҙағына – алтмышынсы йылдарҙың башына тиклем бик ныҡ үҙгәргәйне. Шағирҙың да тормош тәжрибәһе башҡасараҡ ине. Ул күп нәмәләрҙе яңыса баһаланы. Бер яҡтан, элек изгеләштерелгән ҡайһы бер инаныуҙарҙың буш табыныу булыуын аңлау ауыр кисерештәр тыуҙырһа, икенсенән, тормошта, тәбиғәттә элек бөтөнләй тиерлек иғтибар ителмәгән күренештәрҙең дә фәлсәфәүи мәғәнәһен тәрәндәнерәк күреү, донъяны төптәнерәк аңлау оло шатлыҡтар бүләк итте. Баҫыуҙарҙағы, фермаларҙағы, йыйылыштарҙағы аралашыуҙар күпме кешеләрҙең ысын йөҙөн асты, үткер-үткер мәсьәләләрҙе ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Тыуған ерем, яҡташтарым тип, күп нәмәләрҙе идеаллаштырып йәшәлгән. Тормош күпкә ҡатмарлыраҡ, күпкә ябайыраҡ икән. Уның асылын йыш ҡына төрлө ялтырауыҡ һәм күбек ҡаплай. Үтелгән һынауҙар, тупланған тәжрибә шағир зиһенен нығыраҡ үткерләне, юғалтыуҙар, алған һабаҡтар күп нәмәгә төшөндөрҙө. Бына шулар нигеҙендә «Йырҙарыма ҡайтам!» тигән һүҙҙәр дәртле белдереү генә булмайынса, ысынбарлыҡҡа әйләнде. Һыбайлы шағир Шағирҙар менән батырҙар борон-борондан һыбайлы булған. Менгән аттары уларҙы осороп алып йөрөткән. Урал батырҙың Аҡбуҙаты шул ҡанатлы толпарҙар затынан. Гректар шағирҙарҙың илһам арғымағын ҡанатлы ат – Пегас тип атаған. Башҡорт халыҡ йырҙарында Салауат һәр саҡ һыбайлы юлбашсы булып яуға ташлана. Тоғро аҡбуҙаты, Мостай Кәримде эҙләп, яралы шағир янына госпиталгә ярһып килеп етә. Аяҡҡа баҫҡандан мал араһында үҫкән, дүрт-биш йәшенән атаһы атҡа атландырған Рәмиҙең теҙгенде һуңғы ике йылдағыса йыш тотҡаны, эйәрҙә былай оҙаҡ йөрөгәне юҡ ине. Ҡайһы бер көндәрҙе бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем елдерергә тура килә. Малай саҡтағы һыбай йөрөүҙәр Өфөлә һағынып иҫкә төшә ине. Эйәрҙә мөһабәт ултырыу ир-егеткә бик килешә, көнләшеп ҡарап торорлоҡ. Ләкин көнө буйы ат өҫтөндә һикергән, аяғы өҙәңгенән сыҡмаған һыбайлының хәлен был яҙмышты үҙе кисергән кеше генә аңлай ала. Рәми ошолай йәшәүҙе ҡыйынлыҡ тип һанаманы. Улдарын көтөү көтөргә уятырға кәрәк булғанда, йәлләүен белгертмәҫкә тырышып, Гөлмәрйәм: «Тороғоҙ, тор, атайығыҙ был ваҡытта күптән инде атын эйәрләп сығып китә торғайны», – тип ҡабатлар ине. 1959 йылда Йүрүҙән буйындағы ауылдарҙы берләштереп, бик ҙур колхоз төҙөгәйнеләр. Элекке егерме председатель, идара урынына Арҡауылда бер үҙәк, бер хужа буласаҡ, башҡа күп сығымдар ҡыҫҡарасаҡ тип аңлаттылар. Тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк тип хуплаусылар ҙа, донъялар тағы буталасаҡ икән, үҙәктән алыҫтағы ауылдарыбыҙ эт типкеһендә ҡаласаҡ тип ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Тыуған яҡтарына Рәмиҙе бына ошо үҙгәрештәр айырыуса ныҡ тартты. Яңы төҙөлгән хужалыҡҡа ҡайтып, әллә ни оҙаҡ эшләп тә өлгөрмәне, хәбәр таралды: «Йүрүҙән» колхозы менән «Һарғамыш» совхозын ҡушалар икән...» Халыҡ араһындағы хәбәр йыш ҡына дөрөҫ булып сыға: 1960 йылдың яҙында улар берләштерелде. Өс тиҫтәгә яҡын ауылдарҙан торған хужалыҡтың үҙәге Арҡауылда, директоры кисәге колхоз рәйесе Рәшит Кинзин. Исемен-атын элеккесә «Йүрүҙән» тип ҡалдырайыҡ тигәндәрҙең һүҙен ҡеүәтләп, Рәми ҙә байтаҡ дәғүәләшеп ҡараны. «Һарғамыш» совхозы тигән исем барыбер үҙгәртелмәне. Элек колхоз бригадалары буйлап йөрөһә, хәҙер комсомол башлығы совхоз бүлексәләре буйлап саба. Тормош ҡайҙа ла тормош. Рәми ҡайҙа ла Рәми. Тотонғанын еренә еткереп эшләргә өйрәнгән. Совхоз булғас, эштең күләме күбәйҙе, хәл итәһе мәсьәләләр артты. Үҙенә лә, менеп йөрөгән күк атына ла түҙем бирһен. Кәрәкле ваҡытта Рәми сабып барып етә. Шағир менән «Йүрүҙән» колхозында, 1960 йылдың яҙынан эреләтелгән «Һарғамыш» совхозында бергә эшләгән яҡташтарының иҫтәлектәрендә эштәге хәүефле хәлдәр йыш телгә алына. Журналистка Зилә Ғәббәсова ул ваҡытта Мәсетле ауыл китапханаһында эшләй. «Бер үк ваҡытта Көҫәпәй ауыл клубын, Яубүләктәге ҡыҙыл мөйөштө лә шефҡа алып, китап һөйөүселәрҙе кәрәкле китаптар менән тәьмин итеп торҙом», – тип яҙа ул. Рәми ҡайтыу менән йәштәр араһында эштәр ныҡ йәнләнеп китә. Ауылдарҙа тәүге комсомол ойошмалары ныҡлап яңынан төҙөлә, төрлө исемдәге сатирик стена газеталары сығарыла башлай. Ҡырҡыу мәлдәрҙең береһе 1960 йылдың май урталарында була. Йүрүҙәндең аръяғындағы Көҫәпәйҙә орлоҡ етмәү сәбәпле сәсеү туҡтап ҡала. Рәми Ғарипов Мәсетле келәтенән трактор менән тоҡлап орлоҡ килтертә, әзмәүерҙәй ир-егеттәр уны паромға тейәп тә ҡуя. Инде ҡуҙғалырға торғанда шағир түҙмәй, күк атын ярҙағыларҙың береһенә тоттора ла, үҙе паромға һикереп менә. Йылға уртаһына еткәс, көслө дауыл күтәрелә. Уға ҡаршы хәрәкәт итерлек, ярға яҡынайырлыҡ түгел. Ҡапыл ауыр паром, ҡорос арҡандан ысҡынып, көслө тулҡында йылға ыңғайына ағып китә. Ике ярҙа ла халыҡ ҡысҡырыша, йүгерешә, кемдең нимә һөйләгәнен ел-дауылда аңларлыҡ түгел. Паромдағы ир-егеттәр ҙә бер нимә эшләй алмай. Ғәрәсәт тынғас, кәмәләрҙә түбәнгә йөҙөп китәләр һәм көс-хәл менән паромды һул яҡ ярға тартып килтерәләр. Кешеләрҙе лә, сәсеү орлоғон да ҡотҡарып алып ҡалалар. Рәми бригадир менән: «Орлоҡ тураһында ҡыштан боҙ барҙа хәстәрлек күрергә кәрәк», – тип ҡаты ғына һөйләшеп ала. Был хаҡта район газетаһында Зилә Ғәббәсованың «Тәүәккәл эш иттеләр» тигән мәҡәләһе баҫыла. Рәми үҙенең «Крокодил»ында сатирик шиғыр яҙа. Икенсе юлы етәкселәрҙең ғәмһеҙлеге арҡаһында ырҙын табаҡтарының береһендә йөҙәрләгән центнер иген ҡыҙып ятҡанын белеп ҡалған Рәми Ғарипов ауыл йәштәрен янғын ҡотҡарырға йыйғандай бик тиҙ туплай. Улар төнө буйы эшләп, тауҙай өйөлөп ятҡан игенде яндырмайынса һаҡлап алып ҡала. Зилә Ғәббәсованың хәтерләүенсә: «Комскомитет секретары йонсоп-талсығып таң алдынан ғына күк атына атланып Арҡауылға ҡайтып китте». Шағирға ҡайтыу менән дә йоҡо ҡайғыһы булмай. Иртәгеһенә идарала эленеп торған «Яңы Янғантау» шиғыры тағы ла халыҡта шау-шыу тыуҙыра: Аптыраны, йөҙәп бөттө Быйыл көҙөн Мәхмүттәр. Нишләргә лә белмәйҙәр шул Был бисара мәхлүктәр: Ырҙын тулы ашлыҡ ята, Ята янып, күгәреп – Йә киптереп ялсытмайҙар, Йә бөтмәйҙәр елгәреп. Бер өйөмгә тотонһалар, Икенсеһе быулана. Таратып, йәйеп һалһалар, Бүртеп, шытып һыулана... Янғантауың ары торһон, Юҡ был тауҙың кәрәге: Һыҙланғандар килеп ятһын, Һыҙланмаһа йөрәге... Был шиғыр Рәми Ғариповтың беренсе томына индерелгән, тик тәүге, өсөнсө строфалар унда юҡ. Стенгазетаға шағирҙың үҙ ҡулы менән яҙған дананы автор һүрәттәр менән биҙәгән, эре хәрефтәр менән: «Яңы Янғантау» – Мәхмүттә. Таныйһыңмы?» тип ҡуйылған. Тимәк, был хәл Ғәббәсова яҙғанса Көҫәпәйҙә генә түгел, Мәхмүттә лә булған. Бындай ЧП-лар башҡа ауылдарҙы ла урап үтмәгән. Ҡайҙа ғәҙәттән тыш хәл – шунда комсомол башлығы. Һарғамыш бүлексәһендә комсомол секретары булған зоотехник Марс Закировтың «Иҫтә, һаман да иҫтә...» тигән хәтерләүҙәренән: «Бер ваҡыт ырҙын табағында бойҙайҙы таҙартып өлгөрә алманылар. Быны ишетеп, Рәми килеп етте. Радионан: «Иген яна, бөтәгеҙ ҙә ырҙын табағына!» – тип оран һалдыҡ. Һауынсылар, малсылар, уҡытыусылар, клуб эшселәре ихлас сыҡтылар. Төнө буйы эшләп, игенде ҡотҡарҙыҡ». Әлбиттә, совхозда йыш ҡына булып торған бындай ваҡиғалар ҙа, башҡа төрлө етешһеҙлектәр ҙә Рәми Ғариповтың ҡәләменә эләкмәй ҡалмай. Уның «Крокодил»ында кешеләр совхоз тормошоноң үҙенсә сатирик көньяҙмаһын ҡыҙыҡһынып уҡып бара. Ошо уҡ газетала «Өнөндә һәм төшөндә» тигән шиғыр былай башлана: Мәсетленең хәле мөшкөл, Нимә һөйләп тораһы! – Һыйырҙарҙың, һарыҡтарҙың Юҡ аҙбары, ҡураһы. Аптыраған малдар үҙҙәре төҙөлөшкә тотонған. Шағир уларҙың балта тотҡан, бүрәнә күтәргән һүрәттәрен дә төшөргән. Урындары, хатта исем-фамилиялары атап күрһәтелгән шиғырҙар (Күҫә, Һарғамыш, Арҡауыл, Таймый, Ташауыл, МТМ, Сейәлетау, конкрет кешеләр) бик күптәрҙең асыуын ҡабарта. Газетаны йыртып ташлаусылар ҙа була. Шағирҙың тыуған районындағы өс йылға яҡын ғүмерен аңлау өсөн ошондай деталдәрҙе лә урап үтеп булмай. Тынғыһыҙ эштә Рәми бындай хәлдәр менән көн дә тиерлек осраша, етешһеҙлектәрҙе нисек тә бөтөрөргә тырышып, сатирик шиғырҙар яҙыуға, шуларға һүрәттәр төшөрөүгә, ашығыс «молния»лар әҙерләүгә байтаҡ ваҡытын сарыф итә. Хеҙмәттәге ығы-зығынан, төрлө ваҡлыҡтар солғанышынан йырылып сығыуы еңел түгел. Шулар менән генә сикләнһәң, ижад офоҡтары бөтөнләй ҡыҫылыр ине. Көнкүреш (быт) хәлдәре хаҡындағы һүҙҙәрҙән һуң йәшәйештең (бытие) асылы тураһындағы уйланыуҙарға күсеүе еңел түгел. Көндәлек мәсьәләләрҙең иҙеүенән ҡотолор әмәл юҡ. Ләкин ҡанатлы илһам толпары көнкүрештең ялҡытҡыс бимазалар мөхитен тарһына, уны тормоштоң юғарыраҡ ҡатламдарына күтәрә. Ҡайтыуының тәүге осоронда «Бына минең тыуған ер был...» шиғырында Рәми ошондай уй-теләктәр менән елкенгәйне: Бына минең тыуған ер был – Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән... Тыуып үҫкән, һыуын эскән Ерем минең! Һине күреүҙән – Күм-күк үләнеңә ятып, Туйғансы бер килә илағым. Ҡая таштарыңа менеп, Бер ҡысҡырып килә йырлағым. Бына был тышаулы аттың Һалдырып та алып тышауын, Һыбай ярып үткем килә Ҡайындарҙың йәшел ҡоршауын. Ҡайтмай оҙаҡ йөрөгәнгә, Ботаҡтары биткә һыҙырһын, Һыҙырһын да, йәш япраҡтай, Был донъяға яңынан тыуҙырһын!.. Яҡташтарың менән ҡайтҡан-киткән саҡтарҙа аралашып ҡалыу ҙа һәр шағирға көс өҫтәй, шундай сәфәрҙәрҙән һуң Пушкиндың «Вновь я посетил», Есениндың «Анна Онегина», Назар Нәжмиҙең «Ҡапҡалар»ы һымаҡ әҫәрҙәр ижад ителә. Ә инде күрешеп-аралашып ҡына түгел, айҙар-йылдар буйына уртаҡ маҡсаттар, уртаҡ эш өсөн бергә янып-көйөп, ҡыуанып-борсолоп йәшәү күп нәмәләрҙе башҡасараҡ күрһәтә. Рәми Ғариповты көндәр йылмайып-иркәләп кенә ҡаршыламаны, биткә һыҙырған саҡтары ла етерлек. Шағир сәхрә-ҡырҙарға һоҡланды, тик һыйырҙар, сусҡалар ҡараусыларҙың тормошон хәстәрләү ҙә уның иңендә. Ауылдың ауырлыҡтары кешеләрҙәге ихласлыҡты, тоғролоҡто, эштәге фиҙаҡәрлектәрен, күптәренең һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороуҙарын нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәтте. Тыуған ерҙәге һынауҙар, кисерештәр шағир Рәми Ғариповты яңынан тыуҙырҙы, илһамына яңы ҡанат үҫтерҙе. «Шиғырҙар был арала байтаҡ яҙылды. Тик эшкәртеп ултырырға ваҡыт юҡ. Ат менән юлға сыҡһаң, тирә-яғың тулы шиғыр!.. Атты туҡтатып, һыҙғылап алам да тағы ары китәм, тағы яҙам. Йә эйәр өҫтөндә ултырған килеш, йә аттан төшөп яҙырға керешәм. Иң күңелле, иң бәхетле минуттар был!» – 1961 йылдың йәмле майында шиғырҙар эркелеп килгән. Бындай илһамлы саҡтарҙы Рәми былтыр ҙа байтаҡ кисергәйне, ә киләһе 1962 йылда шағирҙың ҡанатлы көндәре хайран ҡалырлыҡ күп буласаҡ! «Ер шауы» исемле шиғыр ошолай башлана: Ебәрҙем дә атты күк үләнгә, Еләк тирәм үҙем сүгәләп. Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр, Тирә-яғым тулы күбәләк. Был йәйҙәрҙә Рәми Йүрүҙән буйҙарында ҡыҙарып бешкән еләктәрҙе генә түгел, уй-хис менән тулышҡан шиғырҙарҙы ла күп тирҙе. «Йырҙарыма ҡайтам», «Алғы һыҙыҡ», «Кәбән», «Көтөүсе», «Сәсеүгә төшкәндә», «Алтын даға», «Һөйөнсө», «Умартасы», «Бешексе» һымаҡ шиғырҙарҙа ер кешеһенең кисерештәре бығаса күрелмәгән үҙенсәлектәре менән асылды. Ауылда үҫкән һәр кем өсөн был донъя бәләкәстән яҡын булһа ла, ундағы күренештәр һәм ваҡиғалар тураһында Рәми Ғарипов һымаҡ тормошсан итеп башҡорт шиғриәтендә быға тиклем һүҙ әйткән кеше юҡ ине. Шағир ғәҙәти күренештәрҙең матурлығын асты, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәһен күрә белде. «Сәсеүгә төшкәндә» шиғырында: Йоҡлай алмайым мин, йоҡо алмай Бураҙнаға орлоҡ төшкәндә. Ятҡан ерҙән тағы ырғып торам, Тәмәкемдән тәнем бешкәндәй, – тип үрһәләнгән шағир, әле тире лә ҡатып өлгөрмәгән турыҡайының тышауын сисеп, тағы ҡырға саба. Боҫрап ятҡан дымлы ер еҫенән урттарына икмәк тулғандай була. Шул саҡ ер улының кисерештәре барлыҡ тәбиғәттең һулышы менән ҡушыла: Өҙәңгенән бәрхәт бураҙнаға Һикереп төшөп, батып торғанда, Сихри ҡулдар миңә уйнай һымаҡ Мөһабәт бер көйҙө органда. Шул моңдарҙан бына үҙ-үҙемә Бер Бетховен булып күрендем. Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән Мин күкрәүен йоттом еремдең. Ғаләмдәргә олғашҡан тылсымлы моңдарҙы тыңлаусы игенсе-шағирға ер һулышы бөйөк музыка булып ишетелә. Һәм уның иғтибары ҡапыл ошо илаһилыҡтан үтә ғәҙәтигә – тормоштоң ҡотолғоһоҙ мәшәҡәттәренә борола: Тик минһеҙ ҙә тулы был тантана, Киләм ләкин, киләм мин ҡырға; Бәлки, был саҡ унда егеттәрҙең Тәмәкеһе юҡтыр тартырға?.. Рәми Ғариповтың был осорҙағы ауыл моңдарында, баҫыу шиғриәтендә көнкүреш прозаһы менән йәшәйештең тәрән фәлсәфәһе бергә ҡушыла, проза поэзияға әйләнә. Уның алтмышынсы йылдар башында яҙылған әҫәрҙәрендә тормош нужалары менән айҡашып йәшәгән яҡташтары алтын ҡуллы, көслө рухлы ысын ижадсылар булып кәүҙәләнә. Игенсеһе лә, малсыһы ла, умартасыһы ла, бешексеһе лә, ат дағалаусыһы ла – һәр береһе тыуған ергә ныҡ баҫып, ошо ергә йәм өҫтәп йәшәйҙәр. Шағир уларҙың нимә уйлап, ниҙәр хәстәрләп йәшәгәндәрен бәләкәстән яҡшы белә, сөнки күпме ҡайғы-хәсрәттәрҙе улар менән бергә кисергән, сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа, тоғро булырға, тырышып эшләргә уларҙан өйрәнгән. Хәҙер яҡташтарын яңынан аса, яҡшыраҡ аңлай, нығыраҡ ҡәҙерләй. Уларға ҡарап, хәтерләүҙәре яңыра, ғорурлығы арта. «Көтөүсе» шиғырында көн бына нисек башлана: Ҡыҙыл үгеҙ һымаҡ, ҡояш сыға, Күк көмбәҙен һөҙөп, аҡтарып. Ә көтөүсе малай, ысыҡ ярып, Әйҙәп килә колхоз малдарын. Ул ҡояшҡа ҡарап туҡтап ҡалды, Күрҙем уның хайран булғанын: Ике ҡулын елкәһенә ҡуйып, Һемерҙе ул ҡояш нурҙарын. ...Тора малай нәҡ атаһы һымаҡ, Елкәһендә – һуғыш нужаһы. Бына ҡайҙа ерҙең аҫабаһы, Бына кем ул донъя хужаһы!.. Донъя ҡалған уның ҡулдарына, Ҡайтҡанғаса яуҙан атаһы... Тик белмәй ул шул ҡояштың кискә Ҡара хәбәр алып ҡайтаһын... Ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына ҡойонған, тиҙҙән өҫтөнә ҡара ҡайғы ябыраласаҡ көтөүсе малай һынында шағирҙың үҙенең бала саҡ автопортретын күрергә мөмкин. Бында хәҙерге менән хәтерләүҙәр бергә үрелгән. Һуңғы юлдарҙа көтөүсегә шағир: «Мин һаман да әле, һинең һымаҡ, көн тыуғанын хөрмәт итеүсе», – тип өндәшә. Рәми Ғариповтың ауыл шиғырҙары ошо яҡты көндө һаҡлаусылар, илдең ҡотон, Ватандың бәрәкәтен тыуҙырыусылар, ижадсылар хаҡында. Совет әҙәбиәтендә ауылда ла, ҡалала ла хеҙмәт кешеһен данлау, эшселәрҙең, игенсе-малсыларҙың сағыу образдарын ижад итеү талабы һәр саҡ үҙәктә булды. Был талап иң актуаль мәсьәлә итеп төрлө осорҙарҙа ҡат-ҡат күтәрелде. Яңы дәүер башҡорт шиғриәте «Бир ҡулыңды» тип, тыныс тормош төҙөүсенең һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулын данлауҙан башланды. Совет әҙәбиәте хеҙмәт кешеһен хаҡлы рәүештә үҙәккә ҡуйҙы. Ләкин хеҙмәт темаһына сикләнгән ҡараш йәнле кешеләр урынына һуңғы тамсы көсөн һурып, бары план артынан ҡыуыусы эшем эйәләренең йыш ҡына примитив образдарын үрсетеүгә килтерҙе. Заманында ҡаҙаныш иҫәпләнгән күпме «производство романдары» тирәһендәге шау-шыуҙар ҙа, ул әҫәрҙәр үҙҙәре лә, «производство пьесалары», сәхнәләге тимер-томор, цех күренештәре, ялҡын-төтөндәре лә күптән онотолоп, тамашасыларҙың күҙен томалаусы төтөндәре күптән таралып бөттө. Хеҙмәт кешеһен данлау донъя әҙәбиәтендә фольклорҙан, боронғо яҙма ҡомартҡыларҙан башлана. Төрлө халыҡтарҙың геройҙарын бөйөк эштәргә нәҡ ижад итеү, төҙөү рухы әйҙәй. Башҡорт эпосындағы Урал батыр яуыз көстәр менән көрәшеүсе, кешеләрҙе шуларҙың иҙеүенән ҡотҡарыусы ил ҡаһарманы булыу менән бергә донъялағы тереклекте һаҡлап алып ҡалыусы, йәншишмәнең мәңгелек ғүмер биреүсе һыуының тамсыһын да үҙе эсмәйенсә, тыуған ергә бөркөп, ундағы тормошто мәңгелек итеп йән биргән бөйөк ижадсы ла ул. Рус былиналарының төп геройы Илья Муромец һауығып аяғына баҫҡандан һуң үҙенең тәүге батырлығын урманды төпләп, баҫыу өсөн ер таҙартыуҙан башлап ебәрә. Микула Селянинович иһә бар булмышы менән ер һөрөүсе, уның көсөнә иң ғәйрәтле баһадирҙар ҙа тиңләшә алмай. Микула еңел генә күтәргән «ер төйөнсәген» башҡа бәһлеүәндәрҙең ҡуҙғатырға көсө етмәй. Төрлө халыҡтарҙың фольклорында ни тиклем тәрән фәлсәфә, кеше хеҙмәтенә, уның төҙөү, ижад итеү һәләтенә ниндәй ихтирам. Рәми Ғарипов игенсе уйҙарын шул осорҙағы байтаҡ шағирҙарҙың әҫәрҙәрендәгесә декларатив раҫламаны. Шағир һәр изге эштең ижад икәнлеге, төҙөүҙең, бар итеүҙең фәлсәфәһе хаҡында уйланды. Шундай әҫәрҙәрҙең иң сағыуҙарының береһе – «Кәбән» шиғыры. Кешеләр, ҡырмыҫҡалар кеүек тырышып, һуңғы кәбәнде һалғанда ҡабарып ямғыр болото килә, күк күкрәй. Ләкин уңған, берҙәм халыҡ барыбер мораҙына ирешә: Күкрәкләнде кәбән, күркәмләнде, Күп тә үтмәй, кәбән осланды. Арҡан сөйҙөк кәбән баҫыусыға – Күр, ул ҡалай ергә осҡанды!.. Бесән түгел, шиғыр, әүрәткес йыр, Йыр тейәлеп килгән һәр йөккә! Кеше генә, ахыры, эше менән Күтәрелә шулай бейеккә. Йәшнә, йәшен! Йәшә, йәшел кәбән, Күңелдәрҙе әйҙә ҡыуандыр! Бәлки, минең иң шәп шиғырым да Бына ошо кәбән булғандыр!.. Ос һәнәктәре менән бесән ырғытып, үрҙәге кешене һаман юғарыға күтәреүсе таҫыллы бесәнселәр хуш еҫле үләндәрҙән үҙҙәренә йәшел һәйкәл ҡоялар. Кәбәнде ослап, йәмле тәбиғәткә ғорур ҡарап тороусы аҫҡа осҡанда, әйтерһең дә, йыһан батыры һымаҡ йондоҙҙар араһынан осоп килеп төшә. Кәбән ҡойоу хеҙмәткә һәйкәл ҡойоуға әйләнә. Күмәкләшеп янып эшләгәндә мөғжизәләр тыуҙырыусы был ер кешеләре үҙҙәре һәр ҡыяҡтың, һәр кейектең телен, йәшәйештең асылын аңлаусы уйсан фәйләсүфтәр, үҙҙәре һәр сәскәгә ғашиҡ күңелсәк шағирҙар, үҙҙәре дәртләнеп китеп тауҙар аҡтарырлыҡ ярһыу романтиктар. Хеҙмәт ғазап сигеү, ирекһеҙләнеп ҡара тир түгеү, нужа йөгөн һөйрәп, елкә сейләндереү түгел. Яратып башҡарған эш – оло кинәнес, ергә байлыҡ, тормошҡа бәрәкәт өҫтәүсе тантана ул. Рәми Ғариповтың ауыл шиғырҙарына тиклем хеҙмәттең шатлығын ошолай йәнле итеп әйтә алғандарҙы атауы ҡыйын. Алтмышынсы йылдар башында Рәми Ғарипов яҡты хеҙмәт лирикаһын тыуҙырҙы. Шиғриәттә ауыл кешеләренең нурлы, йырлы рухи донъяһын әле күрелмәгәнсә балҡытып ебәрҙе. Уларҙың һәр һулышы, бар булмышы ер-һыуҙарҙың яҙмышына, баҫыуҙарҙың һулышына айырылғыһыҙ булып тоташҡан. «Һөйөнсө» шиғырында әйтелгәнсә: Бураҙнаға һирпеп ебәргәндә, Ул күгелйем һары тос орлоҡ, Башы ҡарыш алтын арыш булғас, Күңелең бит күккә осорлоҡ!.. Шатлығың да, ҡайғың да бит һинең Ошо яңы арыш башағы, Әле һөтлө, балауыҙлы килеш Килеп тора ыуып ашағың. Әллә күктең төбө төштө, тиеп, Ҡайғырһаң һин көн-төн ямғырҙа, Көн ҡыуанда һин бит болоттарҙы Тының менән тартып алырҙай... Был шиғырҙарында автор игенсе психологияһын нескә тоя тип әйтеү яһалма булыр ине. Шағир ауыл кешеһенең күңелен ситтән күҙәтмәй, ул үҙе ошо кисерештәр менән йәшәй, ул үҙе – игенсе, малсы психологияһындағы шәхес. Уға был булмыш көнө-төнө баҫыуҙар яҙмышын ҡайғыртып йәшәгән, ауылдаштарының ғорурлығы, уңған етәксе булған атаһы Йәғәфәрҙән, һуғыш йылдарында күпме баҫыуҙарҙы урған, райондың комбайны тигән дан яулаған әсәһе Гөлмәрйәмдән, ата-бабаларынан, ауылдаштарынан күскән. Был ерҙәргә ул үткенсе бер күҙәтеүсе булып аяҡ баҫмаған, шәжәрәһенең бихисап быуындары менән ошо баҫыуҙарға тамырланып, ошо тупраҡтан күтәрелгән. Бындағы һәр хәрәкәтте йөрәгенән үткәрә, нескә аңлай. Рәми Ғариповтың Салауат яҡтарында ижад ителгән баҫыуҙар лирикаһы совет кешеһе бөтә донъяны хайран итеп, беренсе булып йыһанға үтеп ингән ҡанатлы йылдарҙа тыуҙы. Тәүге космонавт Юрий Гагаринға Һоҡланыуын башта ул «Ғаләмде еңгән ер улына» тигән кескәй генә ҡараламаһында теркәп ҡуйҙы: «Һинең хаҡта иң-иң көслө һүҙҙе әйткем килә... Булмай! Юҡ һүҙем». Һүҙҙәр тиҙҙән табылды. Алда Рәми Ғариповтың йыһан лирикаһы хаҡында ла әйтелер. Әле «Һөйөнсө» шиғырына бәйле фекерҙе ослап ҡуяйыҡ. Ғаләмдәге тарихи ҡаҙаныштарына ла Рәми иң элек игенсе күҙе менән ҡараны: кеше йыһанды яулар ҙа, «Һин теләһәң – күкрәп ямғыр яуыр, теләмәһәң – көн нур таратыр...» Бына шул саҡта: Беҙ ғаләмгә сәскән был йондоҙҙар Емеш бирер тиҙҙән, игенсем. Бейе, ағай, бейе! – тиеп, һинән Мин алырмын тәүге һөйөнсө!.. – ти шағир. Шул замандың ихлас инаныуҙары уны ла ситләп үтмәй. Беҙгә иһә шағирҙың йыһанды яулауҙарға игенсе өмөттәре менән бағыуы айырыуса мөһим. Был космос дәүерендә ер менән күктең аралары яҡынайған һымаҡ була. Ғаләм үлсәүҙәрендәге үҙгәрештәр замандаштың психологияһында, шиғри фекерләүҙең үҙенсәлектәрендә лә сағылмай ҡалманы. Рәми Ғарипов Йүрүҙән буйҙарында ауыл лирикаһын, ер кешеләренең образдарын ижад иткәндә, әле исеме матбуғатта бөтөнләй күренмәгән, әле ун һигеҙ йәше лә тулмаған Рәшит Назаров Өршәк буйҙарында ер менән йыһан һулышы бергә ҡушылған, донъяны бығаса күрелмәгән ҡолас менән иңләгән «Йөрәк», «Төнгө уйланыуҙар», «Күк йылмая», «Өҙәңгегә өҙә баҫтым...», «Аҡ күбеккә төштө атым...» һ.б. шиғырҙарын яҙҙы. Шуларҙан «Ерҙән» тигәненә генә иғтибар итәйек. Рәми Ғарипов менән Рәшит Назаровтың һүҙҙәре ни тиклем ауаздаш. Рәшит Назаров яҙғы сәсеүҙе бына нисек күрә: Шул тиклем матур яҙ төнө! Йондоҙҙар шундай күптәр! Оялсан йылмайып, ерҙе Күҙләйҙәр улар күктән. Икмәктәй итеп тупраҡты Ҡайырып телә төрән... Бураҙна аҫтына сума Йондоҙҙар берәм-берәм. Таң ата, буғай... Күңел шат: Алтын көҙ килер тиҙҙән, Ул саҡта мең-мең йондоҙҙар Күккә ҡарарҙар ерҙән. Рәми Ғариповтың да, Рәшит Назаровтың да шиғри эҙләнеүҙәрендә һәм табыштарында заман йоғонтоһо эҙһеҙ үтмәй, шағирҙар ер менән күкте яңы үлсәүҙәр менән байҡай. Яҙғы дымлы бураҙнаға аяҡтары менән батып торған Рәми Ғарипов тыуған тупрағынан тәненә яңы ғәйрәт, йәненә яңы шиғри илһам туплай. Ошо мәлдә шағир боронғо гректарҙың мифик геройын – табандары ергә тейгәндә генә көслө булған, шундай бәйләнештә генә еңелеүҙе белмәгән Антейҙы ирекһеҙҙән хәтерләтеп ҡуя. «Йыр һуҡмағы» шиғырында Рәми Ғарипов илһам сығанағын, ижадының тамырҙарын билдәләне. Ул, гүйә, бер тынала әйтелгән, бер һөйләмдән торған һымаҡ. Тулыһынса килтереү хәйерлерәк булыр: Йөрәгеңде ус төбөндә тотоп, Ҡырлас ҡаяларҙың аҫтынан Һыбай үтеү – үҙе бер ғүмер бит: Елеп осҡан ҡошто яҫҡыған Бөркөт һымаҡ той ҙа һин үҙеңде, Боҫобораҡ эйәр ҡашына, Ҡыҫыбыраҡ тотоп теҙгенеңде, Яҙа баҫмай ҡая ташына, – Ҡотороноп, шаулап, өйөрөлөп Сыйҙым киткән йылға өҫтөнән – Ҡыл күперҙән сығам тиһәң дә, Бер ҙә ҡурҡмаған төҫ менән Сыҡ та кит һин, әйҙә, тын да алмай!.. – Серен асыр шунда Ҡутҡантау, Ҡатлау-ҡатлау ташы боронғо бер Серле китап булып ятҡан тау; Серен асыр шунда ҡарт ҡарағай: Ни һуң уны шулай ир иткән, Ел-дауылға нисек бирешмәйсә, Тамырҙары ташҡа ереккән?.. Таш та телгә килер – тап әҫтәтен, Тел шишмәһен асыр ул тағы. Юҡ, һайлама таҡыр юлдарҙы һин, Йырға илтер тик үҙ һуҡмағың!.. Таш ҡалала шиғырҙарын зарығып көткән шағир йырға илтер һуҡмаҡты тыуған төйәгендә тапты. Былай тип әйтеү һис кенә лә ауылды ҡалаға ҡаршы ҡуйырға тырышыу, Рәми Ғариповтың ижадын баҫыу офоҡтары менән сикләү түгел. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа рус тәнҡитселәре араһында әҙәбиәтте ауыл һәм ҡала тармаҡтарына бүлеүҙәр, Федор Абрамов, Василий Белов, Виктор Астафьев, Валентин Распутин һымаҡ әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен «ауыл прозаһы» тип нарыҡлауҙар ныҡлы бер традицияға әйләнде. Был яҙыусыларҙы борсоған уртаҡ мәсьәләләрҙе, уларҙы берләштергән сифаттарҙы инҡар итеү мөмкин түгел. Ошо осорҙағы рус прозаһының иң ҙур ҡаҙаныштарының күбеһен, уның халыҡсан рухын тап «ауыл прозаһы» билдәләне. Ләкин был күренештәр яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы тема буйынса ҡаршы ҡуйыуҙарға нигеҙ була алмай. Шиғриәт барыһынан элек шағир яҙмышының сағылышы ул. Ә яҙмыш иһә тыуған тупһанан, бала саҡ мөхитенән башлана, шәхестең рухи нигеҙе, талаптары, зауыҡтары, йәшәү принциптары шул даирәлә барлыҡҡа килә. Ауыр саҡтарында ижадсы шул ерлеккә таяна. Алтмышынсы йылдар башында Рәми Ғарипов үҙенең тормош, ижад юлында донъяларҙы яңынан барланы, шишмә-сығанаҡтар урғылып сыҡҡан урындарға ҡайтты, бәйләнештәрен нығытты. Элек уның тыуған ер менән бәйләнеше күберәк үҙенең Арҡауылы менән сикләнһә, хәҙер утыҙлаған ауылдағы үҙгәрештәр эсендә йәшәне. Элек ул кешеләрҙең тормошо менән үҙе теләгәнсә, күңеле тартҡанса ҡыҙыҡһынһа, хәҙер башҡаларҙың хәл-әхүәлдәренән көнө-төнө айырылғыһыҙ яҙмыш кисерҙе. Һыбайлы шағир – комсомол секретары алдында ауыл тигән донъяның офоҡтары күпкә киңәйҙе. Кешеләр менән ашыҡмайынса ихлас һөйләшеү ғәҙәте Рәмиҙең һалмаҡлығынан да бигерәк тормошто күберәк белергә теләүенән килә ине. «Йыр һуҡмағы»нда һыбайлы хәтәр урындарҙан үтә. Иҫтәлектәрҙә Рәмиҙең күгаты хаҡында һүҙ бар, шағир иһә үҙе туратты йышыраҡ телгә ала. Рәмиҙең бәләкәстән ат йәнле булып үҫеүе хаҡында яҡшы беләбеҙ. Ниндәй генә атты эйәрләһә лә, эштәр уны ашыҡтырып тора. Тоғро аты бар сағында Ғарипов уны машинаға алмаштырмаясаҡ. Машиналар һирәк заманда был мөмкин дә булмағандыр. Ләкин шағир нисек тә атҡа тоғро ҡалыр ине. Был хаҡта йәмле май көнөндә (13.05.61) Рәмигә ошондай уйҙар килгән: «...Мин атты бер ниндәй машинаға ла алыштырмаҫ инем! Машина кешенең күңелен ҡорота, уйҙарын, хыялдарын томалай. Миңә бик күп начальниктар тап бына шул машинала елдереп йөрөү арҡаһында уй-хыялһыҙ, хисһеҙ-кисерешһеҙ туң кешеләр булып китәләр кеүек. Сөнки уларға уйланырға, хыялланырға, үҙ-үҙҙәре менән һөйләшергә ваҡыт та ҡалмай кеүек. Тиҙлек, хәҙерге машиналар тиҙлеге уларҙы иң яҡшы кешелек сифаттарынан мәхрүм итә бит. Тимәк, тиҙлек кешене физик яҡтан алға илтеү менән бергә рухи, мораль яҡтан артҡа ла илтә булып сыға түгелме?» Был юлдар шул ваҡытта уҡ матбуғатта, моғайын, баҫыла ла алмаҫ ине. Улар донъя күргән хәлдә лә күптәр шағирҙы замандан артта ҡалыуҙа ғәйепләр ине. Бөгөн дә был уйҙарға сәйерһенеүселәр табылыр. Ләкин кешелектең алға барыуының техник тиҙлектәр менән генә билдәләнмәйәсәге тураһында Рәми Ғарипов бынан ярты быуатҡа яҡын элек борсолоп уйлаған. Йәмғиәттә яһалма тиҙләнеш тыуҙырырға тип көсәнеүҙәрҙең егерменсе быуат аҙағында илдә ниндәй фажиғәләргә килтергәненә халыҡ инде үҙе шаһит. Шағирҙың ат менән машина тураһындағы уйланыуҙары үҫә, тәрән фәлсәфәүи мәғәнә ала: «...Тәбиғәттән айырылыу шул уҡ дәрәжәлә тәбиғилектән, үҙ-үҙеңдән айырылыу ҙа бит... Кеше ул – тәбиғәт балаһы, тәбиғәт кешене яратҡан, кеше иткән, кешегә иң кешелекле сифаттарҙы биргән, был ғына ла түгел, тәбиғәт уға икенсе бер тәбиғәтте – кешенең үҙ ҡулы менән барлыҡҡа килтергән тәбиғәтте бүләк иткән. Был икенсе тәбиғәт – кешенең ҡоралы, ғәжәп бер көслө ҡоралы! Был ҡорал менән ул икһеҙ-сикһеҙ көслө, икһеҙ-сикһеҙ бай һәм ҡаршылыҡлы тәбиғәтте, ысын тәбиғәтте яулай, уға хужа булып бара, уны үҙ ихтыярына буйһондороп, үҙ ихтыяжы өсөн тырыша. Горький әйткәнсә, «аҡыллы ҡул» кешелектең үҙе өсөн бөйөк эштәр эшләй. Ләкин «аҡыллы ҡул»дың аҡылы башҡа аҡрыныраҡ менә шул. Кешенең көнкүреше, тормошо, йәшәйеше уның аңынан, аҡыл-белеменән алғараҡ сығып китә, ә аң-белеме арттараҡ ҡалып килә һәм ҡул менән баш араһында бик күп ҡаршылыҡтар тыуҙыра...» Өс йылдан һуң ошо уйланыуҙарға ауаздаш түбәндәге шиғыр тыуасаҡ: Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул? Белһә әгәр ҡайҙа барғанын, Тарихи бер бәхет һанар ине Ярты юлда туҡтап ҡалғанын. Белмәй һаман: үҙен үҙе алдай, Арта ялған, арта вәхшилек. Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн, Һәләкәтен даулай кешелек. Ер әйләнә шартлап ярылырға... Килһә икән әҙәм ҡулынан, Ул арҡыры сығып ятыр ине Туҡтатырға уны юлынан... Аһ, әйләнәм бер шик ҡолона! Кеше хеҙмәтенең ниндәй һәләкәттәргә килтереү ҡурҡынысы тураһындағы был уйланыуҙар Рәми Ғариповтың кешелеккә ябырылыр бәләләрҙе ни тиклем зирәк, алдан тойоуын асыҡ күрһәтә. Ә бит көндәлектәрендәге яҙмаларҙы шағир эш араһында ашығыс ҡына һыҙғылаған, әүлиәләр һиҙенеүе менән яҙылған әлеге шиғырын да матбуғатҡа бирмәгән. Әллә биреп тә баҫмағандар... Әгәр был мәсьәләләр тураһында Рәми Ғариповтың иркенләп уйланыр, төплө тикшерер мөмкинлектәре булһа, шағирҙың фәлсәфәүи аҡылы күпме тәрән фекерҙәр ҡалдырыр ине. Әлеге май яҙмаларында ғәйәт мөһим мәсьәләләр, хәүефле хәлдәр тураһындағы күҙәтеүҙәр береһенә береһе үрелеп үҫә. Өҙөктәр байтаҡ килтерелһә лә, тағы ла бер оҙон ғына тексты бында килтермәү мөмкин түгел: «Юғарынан әйткәнде көтөп йәшәү ҡурҡыуҙан да килә бит. Ә гел көтөп йәшәү кешенең кешелеген, эшмәкәрлеген, дәртен һүрелдереп, бик күптәрҙең эҙләнеү, уйлау һәләтен юғалтыуға, оятһыҙ бер ғәмһеҙлеккә – формализмға килтерә. Ә ул бөтә тере нәмәне юҡ итеү ҡоралы. Минеңсә, был иң ҡурҡыныслы ҡорал... Был хаҡта һәр бер етәксегә ныҡлап уйланырға ине. Ләкин күп етәксенең уйланырлыҡ ваҡыты ла юҡ. Уға ашығырға кәрәк, машинала елдерергә кәрәк. Ваҡыт менән тиҙлек араһында бына шундай ҡаршылыҡ килеп сыға. Минең атты елдереп уҙып киткән газиктарға ҡарап мин: — Их, артҡа китте был түрә!.. – тип ҡалам. – Ваҡыт менән тиҙлекте яраштырырға ине һиңә!.. – тимен. Ләкин ул ишетмәй кеше һүҙен... Ул үҙ машинаһының геүләүен генә, үҙ телмәрҙәрендәге һүҙҙәрҙе генә ишетә. Ул халыҡтан, халыҡтың уй-хыялдарынан, моң-йырынан, уның тел-әҙәбиәтенән айырылған, уның киләсәгенән айырылған. Ә үҙе һәр бер телмәрен «йәшәһен кешеләрҙең яҡты киләсәге!..» тигән һүҙҙәр менән бөтөрә. Ләкин ул кешелектең был яҡты киләсәгенә ниндәй юлдар, ниндәй сифаттар, ниндәй көстәр менән барыу тураһында уйлап та бирмәй» (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр. Өс томда. II том. Өфө, 1998, 375-377-се биттәр). Донъяның яңырған, тәбиғәттең хозур миҙгелендә юлда барған һыбайлы шағир бына нимәләр тураһында баш вата. Шәхестең инициативаһын сикләү, тик әйткәнде генә үтәп йәшәргә өйрәтеү йәмғиәттә ижади рухты һүрелтте, кешеләрҙә әҙергә бәҙер йәшәү ғәҙәтен (иждивенческая психология) көсәйтте. Үҙҙәренән түбәндәгеләрҙе күберәк екереп эшләтергә күнеккән етәкселәргә уларҙан өҫтәнерәктәр еткерҙе. Ошондай «эш алымы» иң аҫтан иң өҫкә тиклем яман системаға әйләнгән. Байтаҡ уңыштар «Даешь план!» тигән бойороҡ-һөрәндәр ҡыҫымында хеҙмәт кешеһенең һуңғы тирен һығып яуланды. Әлбиттә, был осорҙа совет халҡының энтузиазмы тауҙар аҡтарырлыҡ ине. Әммә фәнни-техник революция заманы тигән шарттарҙа күп нәмәләр ҡара көс менән эшләнде. Яңғырауыҡлы лозунгтар менән бигерәк тә йәштәрҙең ҡарашын томалап, кеше ресурстары аяуһыҙ иҙелде. Үҫеш, техник прогрестан бигерәк тәбиғәт ресурстарын рәхимһеҙ ҡырыу, ер байлыҡтарын күрәләтә туҙҙырыу, экологияны имгәтеү иҫәбенә барҙы. Хужаларса мөнәсәбәттең етмәүе арҡаһында илдәге бөйөк төҙөлөштәрҙә лә, бәләкәй хужалыҡтарҙа ла яңыны булдырыу йыш ҡына мәғәнәһеҙ емереүҙәрҙән тыш башҡарылманы. Бөйөк дәүләттең бәкәленә һуғасаҡ был алама күренештәр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү йылдар үткәс кенә башланасаҡ, әммә инде һуң буласаҡ. Шулай ҙа байтаҡ кешеләр был бәләләр тураһында күпкә алдан уйлап һыҙланды. Рәми Ғарипов алдан һиҙгер тойоусы шундай шәхестәрҙең береһе ине. Ләкин был хаҡтағы борсолоуҙарыңды асыҡтан-асыҡ матбуғат аша халыҡҡа еткереүе мөмкин түгел. Уйҙарыңды уртаҡлашырлыҡ, серҙәреңде бүлешерлек фекерҙәштәр табыуы ла ҡыйын. Көнө буйы кешеләр араһында булһа ла, Рәми Ғарипов үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ уй-кисерештәре менән бик йыш япа-яңғыҙы тороп ҡала. Бына шул саҡтарҙа шағир уны иң ныҡ аңлаған, инде нисәмә йылдар тоғро серҙәше, аҡыллы фекерҙәше булған көндәлек дәфтәрҙәренә ҡарашын төбәй. Яҙмаларҙы дауам итерлек форсат һирәк табыла, ә инде мөмкинлек тыуа икән, ундай сәғәттәр бәхетле ижад мәлдәренә әйләнә. Көнө буйы күргән-белгәндәр хаҡындағы был уйланыуҙар, әлбиттә, шағирҙың үҙе өсөн генә яҙыла, әммә киләсәктә хәҡиҡәтте раҫларға улар ҙа ярҙам итмәй ҡалмаҫ. Күңелеңдә шундай өмөт һаҡламайынса йәшәү мөмкинме ни? Совет цензураһы һәр һүҙҙе матбуғатҡа ҡырҡ иләк аша үткәргән йылдарҙа ҡайһы бер рус әҙиптәре яҙыу өҫтәленең тартмаһында һаҡланасаҡ әҫәрҙәр яҙҙылар. Киләсәккә ышаныстарын юғалтманылар. Ғөмүмән, әҙиптәр башҡаларға ҡарағанда ваҡиғаларҙы тәрәнерәк кисереүсән, тыуыр хәлдәрҙе алданыраҡ тойоусан. Быларҙы йәшереп ҡалдырырға уларҙың хаҡы юҡ. Яҙғандарын әлегә уҡыусыларға еткерергә мөмкин түгел икән, әҫәрҙәр һис юғында яҙыу өҫтәленең тартмаһында һаҡланып торһон. Яҡты донъяға сығыр көндәре, иншалла, тыумай ҡалмаҫ. Өҫтәл тартмаһына яҙылған әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтендә бик һирәк. Ваҡытында әҙәбиәттә күренекле ваҡиғалар тыуҙырған байтаҡ яҙыусыларҙың тыйылып торған ижады яңынан халыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Уларҙың ҡайһы берҙәренең, мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың, Дауыт Юлтыйҙың китаптарын әҙерләп сығарыуҙа Рәми Ғарипов та ҡатнашты. Ғәйнан Хәйриҙең «Боролош», Жәлил Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романдары ниндәйҙер дәрәжәлә өҫтәл тартмаһындағы әҫәрҙәр яҙмышын кисерҙе, яҙылыуҙарынан һуң өс тиҫтәләп йыл үткәс кенә китап булып уҡыусыларға барып етә алды. Рәми Ғариповтың көндәлек дәфтәрҙәре әле һүҙ булған – «тартмала һаҡланған» ҡулъяҙмаларҙың яҙмышын иҫкә төшөрә. Улар яҙылған дәүерендә баҫылып сыҡмаһалар ҙа, шул осорҙағы ижади эҙләнеүҙәрҙең, әҙәби фекер үҫешенең үҙенсә бер үрнәге. «Мин үҙемдең дәфтәрҙәргә бөтә ғүмерем буйы һандығына алтын йыйған кеше шул байлығына ғашиҡ булып ултырған кеүек ҡарайым, – тип яҙа шағир. – Күп шиғырҙарҙың аңлатмалары ла ошо яҙмаларҙа, әлбиттә. Улар икегә бүленгән бер үк әйбер» (372 бит). Үҙенең ошо фекерен ҡеүәтләгәндәй, Рәми бер нисә абзацтан һуң шиғыр теленә күсә: Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн Төндө көтәм, төндө һағынам. Төндә минең серле илһам ҡошом Уяна ла ҡанат ҡағына. Тик ут ҡына булһын, янһын бергә, Мин арымай тороп һүнмәһен. Көндөҙгө эш, тауыш, ығы-зығы Уйҙарымды минең бүлмәһен... Көн – кешенең ҡул-аяғы булһа, Төн – кешегә аҡыл-йөрәктер. Күрәһең, шул көндө күрер өсөн Төнгә китеп торор кәрәктер. Күптәр төндө әрләй. Меҫкен төн ул Иң ҡараңғы төҫкә буяла. Ә бит сәскә көнгә, төн булмаһа, Сыҙар инеме һуң донъяла?.. Шиғырҙан һуң шағир: «Йоҡо яҫтыҡ һорамаған кеүек, минең илһамым да көндө генә көтөп ултырмай, илһамды мин төндә эшләргә лә мәжбүр итәм», – тигән юлдарҙы яҙа. Интернатта уҡыған йылдарҙан уҡ көндө төнгә ялғап, тәүлектең һәр сәғәтен ырамлы файҙаланырға тырышҡан Рәми өсөн ғүмеренең аҙағынаса ошондай эш режимы ныҡлы ғәҙәткә әйләнә. Рәми Ғариповтың хеҙмәтте поэтиклаштырыуында шуныһы айырыуса мөһим: данлау трафарет юлдар, таш һындар тыуҙырманы. Кеше яҙмыштары хаҡында шағир йөрәктән кисереп һөйләне. Әйткән һүҙе ҡайһы саҡта бик һағышлы, хатта хәсрәтле лә булды, сөнки тормоштағы ауырлыҡтар, тупаҫлыҡтар, ғәҙелһеҙлектәр шуны талап итте. «Тимер юл» исемле билдәле шиғыр шундай кисерештәрҙән тыуҙы. Был образ Некрасовты, Твардовскийҙы, Ниғмәтиҙе поэмалар ижад итергә илһамландырған. Шиғырҙы шулай атау башта уҡ Рәмигә таныш теманы яңыса асыу талабын ҡуйҙы. Тимер юлдарҙағы иң ауыр эштәрҙә йәйен-ҡышын күпселектә ҡатын-ҡыҙҙар бил бөккәненә СССР буйлап сәфәрҙә йөрөгән сит ил кешеләре аптырамай үтмәгәндер. Һәр хәлдә, батша заманында ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә аяныслы яҙмыштар кисерһә лә, бындай ғәйре тәбиғи эштәргә егелмәгән. Беҙҙең илдә иһә быға күнегеп бөткәндәр. Шулай булмаһа, күптән саң ҡағырҙар ине. Шағирҙар ҙа яҡлап һүҙ әйтмәй ҡалмаҫтар ине. Ә бына Рәми Ғарипов өндәшмәй түҙә алмаған: Тимер юлдар буйлап күпме үтһәм, Шул юлдарҙың ташын, ҡомдарын Һаман аҡтара бит ошо ҡыҙҙар, Ҡулдарына тотоп ломдарын... Һыҙламаймы икән ҡулдары? Тәҙрәләрҙән күҙен дә алмай илгә елеп ҡайтып килгән юлсы өсөн был осрашыуҙар тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел: Күп күрерһең әле һин уларҙы, Ҡыш – фермала, йәйен – йәйләүҙә... — Ҡайҙа атайың? – тип балаһынан Һорай күрмә, белмәй иң тәүҙә, Һүҙ алтыны – уйлап һөйләүҙә. Фермаларҙа ауыр тоҡтар менән сусҡаларға аҙыҡ ташыусы ҡыҙҙарҙы көн дә тиерлек күреү Рәми өсөн үҙе бер язаға тиң була. «Тимер юл» шиғырын яҙғанда тормош нужалары иңдәренә таштай тоҡ булып төшкән, аяҡтары менән сусҡа бысрағын иҙеп йөрөп, йәшлектәре үтеп барған мосолман һылыуҙары ла күҙ алдына килгәндер. Итәк тулы балалары менән тол ҡалған ҡатындарҙың, һөйгән егеттәрен көтөп ала алмаған апайҙарҙың ҡайғылары бала саҡтағы һымаҡ шағир йөрәген яңынан яндырып үткәндер. Бер ҡыҙ сөйгән сәскә шәлкемен «Тимер юл» шиғырында суйын иҙеп үтә. Был әҫәр хеҙмәттең кешене ҡанатландыраһы урынға уны иҙеүен күрһәтеүсе, ошондай ауыр эштә яҙмыштары имгәнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың киләсәген нисек тә еңеләйтер өсөн бергәләп хәстәрләргә саҡырыусы ҡыйыу, актуаль киҫәтеү булды. * * * 1960 йылдың декабрь аҙағында «Совет Башҡортостаны» газетаһында Рәйес Низамовтың «Тормош тыуҙырған йыр» исемле мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Тулыһынса Рәми Ғариповтың совхоздағы комсомол эштәре, шиғриәттәге яңы ҡыуаныстары тураһында һөйләүсе газетаны ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Өс йыл элек Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын бөтөрөп ҡайтҡан Рәйес Низамов был ваҡытта Ҡыйғыла йәшәй, «Совет Башҡортостаны»ның төньяҡ-көнсығыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләп йөрөй ине. «Һалдат улы» тигән тәүге повесы былтыр айырым китап булып баҫылып сыҡты. Мәскәүҙәге һабаҡташының шатлығын Рәми ихлас бүлеште. Рәйес Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай райондары буйлап йыш йөрөй, мәҡәләләре сығып тора. Әле икенсе повесын яҙа. Рәмигә йыш һуғылырға тырыша. Был килеүендә уға Рәми байтаҡ яңы шиғырҙар уҡыны. Төнө буйы һөйләшеп, Мәскәүҙе хәтерләп, киләсәк тураһында хыялланып ултырҙылар. Шул тиклем күп яңы шиғырҙар тыңлармын тип көтмәгәйне Рәйес. Бер йылда шағир ныҡ үҫкән! Был хаҡта үҙе әлегә бик үк һөйләп бармай, әммә газета уҡыусылар белергә тейеш. Мәҡәләһендә Рәйес Низамов былай тип яҙҙы: «Ул тыуған яҡтарына үҙе теләп, һыуһап ҡайтҡайны. Был бигерәк тә йәш шағир өсөн бик кәрәк ине. Ни тиһәң дә, мәктәп, институт йылдарын, ғөмүмән, үткәнде генә иҫкә төшөрөп шиғыр яҙа торған заман түгеллеген Рәми яҡшы аңланы, ул тормош эсендә ҡайнарға теләне». Мәҡәләлә яңы шиғырҙарҙан байтаҡ өҙөктәр килтерелә. «Һәнәк», «Һағыҙаҡ», «Ҡармаҡ», «Саян», «Терпе» исемле стена газеталарын эшкә егеүе, тапҡыр һүҙ эҙләп, төрлө жанрҙарҙа яҙыуы, шағирҙың бик ашҡыныулы ритмда йәшәүе әйтелә. «Рәми Ғарипов ете йыллыҡтарҙың алғы һыҙығына ынтылды. Уға хәҙер ижад итергә ваҡыт та ҡалмай башланы, күп кенә шиғырҙарын «Осҡон» исемле аты өҫтөндә яҙырға мәжбүр булды. Хатта ул бер мәл ай яҡтыһында ҡуйын дәфтәрен алып яҙып ҡуйҙы». Рәйес менән Рәми комсомол эштәре, район, совхоз етәкселәренең халыҡ алдындағы яуаплылығы һ.б. тураһында оҙаҡ фекер уртаҡлаштылар. Мәҡәләгә һарғамыш совхозының комсомол секретары Ғариповтың ошо һүҙҙәре индерелгән: «Эшләйһе эштәр, күрһәтәһе инициатива күп әле, нисектер заман һулышын тойорға, шул һулышты үҙебеҙҙең һәр эштә тойоп йәшәргә кәрәк тип уйлайым». Республика матбуғатында үҙенең шиғырҙары хаҡында хуплау һүҙҙәрен Рәми тәүге тапҡыр ғына ишетмәй. Ихлас теләктәрен еткергәндәре, тәнҡитләгәндәре лә бар. Уларҙы уҡығандан һуң шағир оҙаҡ уйланып йөрөй, тағы ла сәмләнеберәк йәшәй. Ә был юлы уның башҡарған вазифаһы, комсомол эштәре, йәштәр менән нисек аралашып йәшәүе, шунан илһам алыуы тураһында бөтөн Башҡортостанға хәбәр һалалар! Тимәк, яуаплылыҡ тағы ла арта. Мәҡәлә сыҡҡан газетаны ҡулында һелкеп, мыҫҡыллы һөйләшеүсе, ҡайһы саҡта һис бер кәрәге булмаған эштәргә малай урынына йүгертергә, нисек тә кәмһетергә тырышыусы етәкселәр аҙмы ни шағирҙың тирә-яғында? Ундай түрәләр өсөн һинең шиғырҙарың бар ни ҙә юҡ ни. Күҙҙәренә ҡарап, бойороҡтарын үтәргә әҙер торһаң, ҡаршы һүҙ әйтмәһәң, уларға шул етә. Рәми йыш ҡына баш эйеп, уйланып йөрөһә лә, юғарынан килгән әмергә баш эйеп кенә йәшәргә өйрәнмәгән. Булмышы бындай ҡалыптарға һыймай. «Һарғамыш» совхозына тәжрибә-үрнәк совхозы тигән дәрәжә бирелде. Кемдең һуң барлыҡ республикаға өлгө булырлыҡ уңыштарға ирешкеһе килмәһен? Һөрән һалыу өсөн ҙур аҡыл кәрәкмәй. Уларҙың ил күләмендә туҡтағаны бармы? Тик йыш ҡына дәрт бар ҙа дарман юҡ. Халыҡ яҙмышында бындай бөтмәҫ тәжрибәләр үткәреү ҡасан туҡтар икән? Бер ҡатлы өмөттәргә бирелмә, шағир! Илдең тормошон көйләү урынына тағы ла нығыраҡ көйһөҙләүсе мәғәнәһеҙ күнекмәләр, зарарлы эксперименттар алда бихисап буласаҡ әле! Тәжрибә-үрнәк совхозы тип иғлан ителгән хужалыҡтың эшселәре ҡайһы бер көндәрҙе икмәкһеҙ ултыра. Байтаҡ кешеләрҙең колхоз бына совхозға әйләнер ҙә донъялар яҡшы яҡҡа үҙгәреп китер тигән өмөттәре аҡланманы. Колхоз урынына совхоз ойошторолоп, күп нәмәләрҙе үҙгәртә башлаған көндәрҙәге бер мәрәкә һөйләшеү хәтерҙә. Беренсе май алдынан флагтар, лозунгтар, плакаттар әҙерләп йөрөүсе партком секретары, белдереү таҡталарындағы һүҙҙәрҙе яңыртырға кәрәк булғас: — Бына был яҙыуҙарҙағы ике хәрефте генә алыштырып ҡуйырға кәрәк: «к» урынына «с», «л» урынына «в»-ны яҙырға «совхоз» килә лә сыға. Бер ҙә баш ватып тораһы юҡ, – тигәйне. Парткомдың был аҡылына нимә тип яуап бирәһең?.. — Ну, баш та инде үҙеңдә, ағай! – тигән булды Рәми. Хәҙер етәкселәр ҙә аҡланырға йәтеш юл тапты: бөгөнгө совхоздағы етешһеҙлектәрҙе тоталар ҙа кисәге колхозға япһарырға әҙер торалар. Хатта кисә генә колхоз председателе булғанда күмәк хужалыҡтың яңғыҙаҡ йәшәүҙән өҫтөнлөгөн аҙым һайын маҡтарға яратҡан Рәшит Кинзин, бөгөн совхоз директоры булып алғас, берәй етешһеҙлекте күрһә: — Был һеҙгә колхоз түгел! – тип кенә ебәрә. Хужалыҡтағы иң ҙур етәксе өсөн нисәмә йылдар буйына кешеләрҙе берләштергән, һуғыш ваҡытында армияны икмәкһеҙ ҡалдырмаған колхоз әрләшеү һүҙенә әйләнә икән, вағыраҡ түрәләрҙән нимә көтәһең? Яҙмыштары быуаттар буйына ергә тамырланған крәҫтиәндәр, нисәмә йылдар колхозсылар булып йәшәгән, әле килеп совхоз эшселәренә әйләндерелгән кешеләр нимә уйларға тейеш? Колхоз да колхоз тип тырышыуҙары бөтөнләй бушҡа киткән булып сыға түгелме һуң? Һәр ауыл кешеләре борон-борондан бер йәмәғәт, русса әйткәндә, бер община булып, ойошоп йәшәгән. Уларҙы туғанлыҡ, ырыу-ара тамырҙары бәйләгән. Һәр ауылда колхоз ойошторолғас та был берҙәмлек һаҡланып ҡалған. Уңған, хәлле крәҫтиәндәрҙе синфи дошман һанап һөргөндәргә ебәреү, шул рәүешле бер ниндәй хоҡуҡһыҙ ҡолдар итеү, ауылдар яҙмышының күпселеге тамаҡ ярыуҙан башҡаға һәләтһеҙ, аңһыҙ батрактар ҡулына ҡалыуы ҙур фажиғәләр тыуҙырҙы. Ләкин күмәк хужалыҡҡа-колхозға берләштерелгән яңғыҙаҡ крәҫтиәндәр барыһы ла бер-береһен яҡшы белгән бер ауыл, бер йәмғиәт кешеләре ине. Ырыу-йолалары ла, телдәре лә, диндәре лә, йырҙары ла, бейеүҙәре лә бер ине. Мәктәптәрҙә уҡыуҙар туған телдә алып барылды, туған телдә үҙешмәкәр сәнғәт үҫте, ауыл сәхнәләрендә шиғырҙар уҡылды, башҡортса спектаклдәр ҡуйылды. Колхоз булып берләшкән һәр ауыл үҙенең яҙмышындағы байтаҡ мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә ала ине әле. Һәр ауылдың үҙ яҙмышына бәйле былай ҙа сикләнгән хоҡуҡтары колхоздар эреләтеү менән бөтөнләй ҡыҫылды, йыш ҡына юҡҡа сыҡты. Кешеләргә эш урындары тарайҙы, клубтар, магазиндар бөтөрөлә, мәктәптәр ябыла башланы. Перспективаһыҙ мөһөрө һуғылып, күпме ауылдарҙың эҙе лә ҡалманы. Нисәмә быуаттар гөрләп йәшәгән, бик ҙур булмаһалар ҙа, үҙҙәрен бер ҙә башҡаларҙан кәм-хур тоймаған, илгә нисәмә быуын булдыҡлы кешеләр тәрбиәләп үҫтергән матур-матур төйәктәр ташландыҡ хәлгә килде. Ә инде совхоздар төҙөү, бигерәк тә илленсе йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһында яңы хужалыҡтарҙы ойоштороу эштәре, республикала барыһынан да бигерәк күбеһе башҡорттар йәшәгән райондарҙа йәйелдерелде. Был яҡтарға төрлө тарафтарҙан төрлө милләт кешеләре ябырылды, башҡорт халҡының ныҡлы традицияларға нигеҙләнгән йәшәү рәүешенә, милли булмышына, туған теленә ҡаҡшатҡыс, ҡайһы бер урындарҙа емерткес удар яһалды. Нәҡ ошо осорҙа бик күп милли мәктәптәрҙә уҡытыу рус теленә күсерелә башланы. Перспективаһыҙ ауылдар ғына түгел, перспективаһыҙ телдәр ҙә барлыҡҡа килде. Иғтибар үҙәгендә фәҡәт рус теле тороп ҡалды. Совет идеологияһы, коммунистар партияһы программаһы раҫлауынса, СССР-ҙағы милләттәр берҙәм совет халҡы булып уҡмашырға, кешеләр тик русса аралашырға, русса уҡырға, яҡын киләсәктә үҙ туған телдәренән ваз кисергә тейеш ине. Салауат районы сиҙәм ерҙәр зонаһына инмәһә лә, тау битләүҙәренә тиклем һөрөп, баҫыуҙарҙы киңәйтергә тырышыуҙар, һаҙлыҡтарҙы киптерәбеҙ тип, гөл-сәскәле бесәнлек булған туғайҙарҙы һөрөүҙәр, тәбиғәтте рәхимһеҙ ҡыйратыуҙар был яҡтарҙы – Йүрүҙән һәм Әй буйҙарын да урап үтмәне. Милләттең төп генофонды булған ауылдар, милли мәктәптәр барлыҡ илдәге һымаҡ был яҡтарҙа ла мәғәнәһеҙ эксперименттарға дусар ителде. Совхоздағы йөҙәрләгән комсомолецтарҙың етәксеһе Рәми Ғарипов бындай эштәргә ҡаршы сығыу түгел, киреһенсә, уларҙы үҙе ойоштороп, эш башлап йөрөүселәрҙең береһе булырға тейеш ине. Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа барлыҡ совет әҙәбиәтендәге һымаҡ башҡорт шиғриәтендә лә комсомол – шағир исемен йөрөтөү бик маҡтаулы һаналды. Мөслим Марат, мәҫәлән, комсомол йырсыһы тип аталды, йәштәрҙең оло йыйындарында ялҡынлы шиғри телмәрҙәр менән сығыш яһаны. Шағирҙар туранан-тура бындай исемдәр йөрөтмәһәләр ҙә, был традициялар артабан да дауам итте. Ауылдағы вазифаһы буйынса Рәми Ғарипов нәҡ бына шундай шағир булырға тейеш ине. Шиғырҙар көндән-көн йышыраҡ килә, күберәк яҙыла. Уларҙа уйланыуҙар тәрәнәйә, борсолоуҙар арта. Барлап ҡараһаң, йәштәрҙе эшкә дәртләндереп йөрөүсе етәкселә бындай ҡаршылыҡлы кисерештәр ни сәбәптән тыуа һуң? Рәмиҙең көндәре һаман да комсомолецтар араһында үтә. Башҡорт яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре буйынса уҡыусылар конференцияларында ҡатнаша, спорт секциялары, үҙешмәкәр түңәрәктәр төҙөй, металл һыныҡтары йыйыу һ.б. эштәр буйынса өмәләр ойоштора, төрлө осрашыуҙарҙа үҙенең яңы шиғырҙарын уҡый. Арҡауылдағы комсомол йыйылышына, башҡа төрлө кисәләргә төрлө ауылдарҙан йәштәр ҡайһы ваҡыт гармун тартып, йырлашып килеп етәләр. Ләкин гел генә улай түгел. Взнос түләмәүселәр, йыйылышҡа килмәүселәр, эшкә сыҡмайынса, тәртип боҙоп йөрөүселәр һәр ауылда, һәр бүлексәлә бар. Хатта берәү-икәү генә лә түгел, байтаҡтар. Күпме генә тырышһаң да, ҡайһы бер ғәмһеҙҙәрҙе урындарынан ҡуҙғатырлыҡ түгел. Нисек кенә булһа ла, күпселек осраҡтарҙа Рәми йәштәргә асҡыс таба белә. Улар араһында шағирҙың абруйы ҙур. Тик ҡайһы саҡта етәкселәр менән уртаҡ тел табыуы ҡыйын. Совхоздың бөтә эшен эшләгән комсомолға түбәнһетеп ҡарайҙар. Тәнҡитте иҫәпкә алыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Үҙенең хоҡуғын яҡлап килгән йәш кешенең тиҙ генә ауыҙын ябып, ҡыуалап сығарыу яғын уйлайҙар. Һыбайлы шағирҙың яҙмышы һаман да ат менән бәйле. Фекерләүендә лә ул йыш ҡына шул тирәләге образдар менән эш итә. Ат ҡараусылар Рәмиҙе йөрөткән атты, шағир үҙе «Леток» тип исемләһә лә, шул ҡушаматты ҡамытына яҙып ҡуйһа ла, тотҡандар ҙа «Комсомолец» тип атағандар. Берәйһе ат һорап килһә: «Ана «Комсомол»ды ек!» – тип кенә ебәрәләр. Рәмиҙең йомартлығын беләләр. Шуға аҡса таратырға ла, дарыу килтерергә лә, һыу ташырға ла, туй-ҡунаҡҡа йөрөргә лә, һолоға барырға ла уны егәләр, ә малҡайҙың үҙенә һоло һалырға ашығып бармайҙар. Рәми ҡарап тормаһа, ваҡытында ашатыу-эсереү тигән нәмә атҡа эләкмәй. Был хайуан Рәмиҙең ҡулына килеп эләккәндә артҡы аяҡтары аҡһай ине. Эҫеләй эсереп, аяғына һоло төшөргәйнеләр. Хужаһы уны күпме тәрбиәләне, инде был матур аҡыллы йәш мал төҙәлеп килә. Рәми ҡайһы саҡта хатта төндә килеп, «Леток» – «Комсомол»дың хәлен белеп китә. Улай ғына ла түгел, был ат тураһында шағир тотош мәҙхиә ижад итә. Беҙҙең әҙәбиәттә бындай маҡтауҙар һирәк, шуға уҡыусылар таныша алһын өсөн текстың үҙенә күсәйек. Рәми Ғарипов үҙе менеп йөрөгән атты бына нисек данлай: «Тик шуныһы йәл: мин китермен – ул ҡалыр. Кем ҡулына ҡалыр – билгеһеҙ. Ярай ҙа ул минең кеүек яратҡан кеше ҡулына ҡалһа!.. Оҙаҡ онота алмам мин уны, күп шиғырҙар яҙылыр әле был ат хаҡында, күп уйҙар уйланылыр... Ә һолола ғына тороп, майҙарына быуылып, йөрәге ярылып йә һейә алмай үлгән айғырҙар хаҡында кем йыр яҙыр? Ни ҡалыр уларҙан? Ат аунаған ерҙә төк ҡалыр, әлбиттә, ләкин ел уларҙы ла осороп алып китер... Улар бит һарайҙа ажғырып торғанда ғына мал, ә юлға егеп сыҡһаң, барыр ереңә барып етеүең дә шикле... Муйындарын бөгөп, ергә генә, аяҡ аҫтарына ғына ҡарап йөрөй улар – бына-бына берәй ергә барып тәкмәсер!.. Күҙҙәренә аҡ-ҡаралар күренмәй. Ә минең туратҡайым хатта йондоҙҙарҙы ла күрә, умырзая сәскәләре араһында ла йөрөй, машина-тракторҙар янында ла теләгәнсә ҡунаҡ булып китә, бураҙналар буйлап та, алтын башаҡтар юлынан да елдерә, урман һуҡмаҡтарынан да юрғалай, сыйҙым китеп ятҡан кисеүҙәрҙе лә ярып сыға, тау-таш яғалап үткән юлдарҙан да күтәрелә, тау башындағы маяҡ янында ла үлән утлап китә, кәбәндәрҙең хуш еҫен дә еҫкәп тора... Һәм ул икәүҙән-икәү ҡалған саҡтарҙа, исмаһам, шиғри юлдар тыуғанын ишетеп, йыр ҙа тыңлай белә: Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы?! ...Һәм ул юлда осраған кескәй генә ҡолондо ла үҙ туғаны күреп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, ысын күңелдән сәләм биреп, бер кешнәп ебәрә бит әле... Айғырҙарға бындай бәхет тейәме һуң? Юҡ, әлбиттә! Уларҙың бар тапҡан бәхет-ләззәттәре йүгән аҫтынан сылбырлы нуҡта кейеп йөрөү ҙә берәй бейә күреү... Бына һиңә эш! Шулмы тормош?!! Йәшәгәс, турат кеүек йәшәргә кәрәк! Атҡа ла бит ғүмер бер генә бирелгән!.. Ысынлап та, һуңынан үкенерлек булмаһын!..» Шағирҙы «Йыр һуҡмағы»н яҙыуға илһамландырған толпар бына ошо була инде. Гректарҙың ҡанатлы Пегасы һауала осоп йөрөһә, был арғымаҡ ерҙәге һәр матурлыҡты күрә, шағирҙың йырлы-шиғырлы саҡтарын аңлай, шуға ҡыуана белә. Рәми Ғариповтың ат тураһындағы мәҙхиәһен уҡығанда «Аҡбуҙат» эпосындағы ошо гениаль һүрәтләү хәтерҙә яңынан балҡып терелә: Шул һарайҙың эсендә Һыртына эйәр һалынған, Эйәренең башына Алмас ҡылыс тағылған; Эйәренең ҡашы алтын, Йүгәненең башы алтын; Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, Ялын ҡыҙҙай тараған; Йүгереклеге һыналған, Ҡуш йөрәкле яралған; Аждаһа-йылан үҙәкле, Башкүнәктәй танаулы, Аҡҡолаҡтай иренле, Һарымһаҡтай аҫаулы; Ҡарсыға түш, тар бөйөр, Еңел, текә тояҡлы, Ҡуян күҙле, баҡыр күҙ, Ҡыҫыр йылан тамаҡлы; Урайы ҡуш, яңағы ас, Ҡыйғыр, бөркөт ҡабаҡлы, Муйындары бер ҡолас, Ҡыйғас ҡамыш ҡолаҡлы; Текә баҫып, баш ташлап, Йылғыр атлап бышҡырған; Ҡолаҡтарын ҡайсылап, Алан-йолан ҡаранған; Алғыр бүре күҙендәй Күҙ бәбәген сылатҡан; Ауыҙлыҡ сәйнәп, асыуҙан Ауыҙҙарын күпсеткән; Йәше уҙған ҡарттарҙы, Менһә, йәп-йәш ир иткән; Күргән кеше һоҡланып, Күргән ерҙә таң ҡалған; Елһә, ҡоштай елпенеп, Артында саң уйнатҡан; Осраған бер кешене Хайран иткән, уйлатҡан; Тояғы ергә теймәгән, Ел дә ҡыуып етмәгән; Өҫтөндәге батырын Яуҙа ташлап китмәгән Аҡбуҙатты күрерһең. Башҡорт халҡының батыр толпарына – Аҡбуҙатҡа һүҙҙән ҡойолған был һәйкәл ниндәй генә шағирҙы һоҡландырмаһын!. Башҡорт фольклорын райондар буйлап үҙ аяғы менән йөрөп, ил сәсәндәренән үҙе тыңлап йыйған ат йәнле Рәми өсөн был ғорур, ғәйрәтле һын ғүмерҙә онотолмаҫ образдарҙың береһе. Ә уның үҙенең Комсомол тигән аты башҡасараҡ: совхоз эшендә эшләп тынғы белмәй, буш арала ере менән һоҡланырға, шағирҙың серҙәше булырға ла өлгөрә. Уның өсөн бәхәстәр ҙә йыш булып тора. Ат һарайына барып инһә, тағы ла Комсомолды егергә торалар. Рәмиҙең асыуын ҡабартып: — Беҙ атыңды ектек инде, һин ҡайһы яҡҡа бараһың? – тиҙәр. — Кире яҡҡа. — Әҙерәк шунда конторала ултырһаң ни була инде? — Етерлек ултырам мин конторала. Минән башҡа ла ултырыусылар күп унда. Атты туғарығыҙ. — Ат юҡ бит башҡа... Беловтыҡы ғына ҡалған. Конюхтар бирмәй. — Бирерҙәр, минекен бирәләр бит... Рәми конюхтарға өндәшә: — Ниңә Беловтың атын бирмәйһегеҙ? — Әрләшә ул, бирҙертмәй. — Ә мин әрләшмәгән өсөн минең атты теләһә кемгә бирергә ярай инде? Әрләшәйемме мин дә? — Әрләшегеҙ, нишләйһең инде, беҙ әрләштән башҡаны ишетмәйбеҙ бит. Өйрәнелгән. — Әрләшеп тормайыҡ. Миңә лә китер кәрәк. Ә Беловтың аты буш тора. Екһендәр әйҙә. — Миша! – тип ярҙамсыһына ҡысҡыра конюх. – Давай, Беловтың атын сығар. Атты сығаралар. Үҙенекен эйәрләп, Рәми Күҫә паромына китә. Көндәлеккә инеп ҡалған был эпизод – тормоштоң йәнле бер киҫәге. Бер минутлыҡ һөйләшеүҙә шул заман кешеләренең үҙ-ара мөғәмәләһен дә, хатта шағирҙың сабыр, әммә талапсан тәбиғәтен дә күҙ алдына килтереп була. Рәмиҙең көндәре, айҙары бына шундай мөхиттә үтә. Атына мөнәсәбәттә комсомол етәксеһе үҙенә, йәштәрҙең эшенә ҡарата булған мөнәсәбәтте күреп ғәрләнә. «Ярай ул «Комсомол»ға!.. Уның ҡәҙерен мин үҙем генә беләм. Совхоздың бөтә эшен эшләгән комсомол да бына шул ат хәлендә булмаһа, мин был ваҡиғаны иҫкә лә алып тормаҫ инем, әлбиттә», – тип яҙа ул. Баһаларға тейешле кешеләр эшеңде ҡәҙерләмәйҙәр икән, башҡаларҙы нисек әйҙәйһең? Уны иң ныҡ ғәжәпләндергәне – етәкселәрҙең ысын етәксе булмауы. Мәктәптәрҙә йөрөгәндә: «Ни өсөн уҡытыусыларҙың күбеһе тәбиғәте менән уҡытыусы түгел?» – тигән һорауҙы үҙенә бирә лә яуап эҙләп, баш ватып йөрөй. Ә инде етәкселәрҙең етәксе булмауы – быныһы эште тотҡарлаусы иң ҙур бәлә. Сусҡаларға сусҡаса ҡарап эште алға ебәреп булмаясаҡ. Кешеләр ҙә үҙҙәренә кешесә ҡараш талап итергә хаҡлы. Йыйылыштарҙа күпме мөһим мәсьәләләр күтәрелә: маяҡ-һауынсылар, механик һауыу, һөттө әсетеүселәр, тоҡомсолоҡ эше, йомортҡа алыу, торлаҡ мәсьәләһе, төҙөлөш материалдары, кирбес заводы, игенселектәге түбән күрһәткестәр, ашламалар, управляющийҙарҙың иҫкесә эшләүе һ.б., һ.б. Яҙып өлгөрөрлөк түгел. Быларҙың һәр береһе өсөн яуаплы кешеләр, белгестәр бар. Ә Рәми үҙенең көндәлек бурыстарында был тармаҡтарҙың береһен дә урап үтә алмай, сөнки һәр ерҙә – уның комсомолдары. Йәштәр эшләмәгән урын юҡ. Быларҙың барыһын да йөрәгенә йыйып йәшәй шағир, йөрәге өҙгөләнеп йәшәй. Һуңғы ваҡытта Рәми йыш ҡына шулай уйлап ҡуя: тыуған яҡтарына ул ғүмерлеккә ҡайтмаған бит. Былар барыһы ла ваҡытлыса. Уның ғүмерлек юлы – ижад. Атаһы Йәғәфәр иртәнән кискә тиклем гиҙгән ялан-урмандар буйлап уның улы Рәми гел генә һыбай елдерә алмаҫ. Шиғриәт уны барыбер ҡалаға тартып алып китәсәк. Ләкин ул бер эште лә ваҡытлы тип, илке-һалҡы ғына эшләргә өйрәнмәгән. Донъяһын онотоп, эшкә сумып йөрөгәндә, ҡапыл Өфөләге ҡәләмдәштәре һағындыра. Бигерәк тә матбуғатта уларҙың яңы шиғырҙарын уҡығанда үҙҙәрен күрге, ижад хаҡында һөйләшке килә. Рафаэль Сафиндың, Марат Кәримовтың, Әнғәм Атнабаевтың, Абдулхаҡ Игебаевтың яңы шиғырҙары сығып тора. Рәми үҙе лә Өфөгә комсомол эштәре менән барғанда тиҙ генә редакцияларҙы урап сыға, ҡайһы саҡта шиғыр кисәләрендә ҡатнаша. Башҡаларҙың һәйбәт шиғырын уҡып, Рәми һымаҡ ҡыуана белгәндәр һирәк. Ундай саҡтарҙа Ғариповтан да бәхетле кеше юҡтыр: Әллә ҡалай балҡып китте донъя, Йәйғор менән тулды йөрәгем. Күңелемде көн-төн баҫып торған Болоттарҙы ҡыуып ебәрҙем. Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек, Тирә-яғым иркен йәшеллек. Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм, Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек. Был шатлыҡты үҙем берәйһенә Әйтергә лә хатта оялам. Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла Ысын бәхет икән донъяла! Башҡа шағирҙың әҫәрен уҡып, уның өсөн шулай ихлас ҡыуанып яҙылған тағы ла берәй шиғыр бармы икән башҡорт шиғриәтендә? Назар Нәжмиҙең «Иртән кәйеф шундай яҡшы ине» тигән шиғри юлдары иҫкә төшә. Ләкин унда һүҙ насар шиғыр уҡып боҙолған кәйеф тураһында бара. Ауылда йәшәһә лә, Рәми Өфөләге әҙәби мөхиттән айырылманы. Яңы газета-журналдарҙы аҡтарғанда, иң элек шиғырҙарҙы эҙләне. Башҡаларҙың әҫәрҙәрен үҙе донъяға сығарырға әҙерләп йөрөгән саҡтарын күҙ алдынан кисерҙе, ҡәләмдәштәрен юҡһынды. Тыуған ерҙәге тамырҙар, Арҡауылдағы атай нигеҙе, әсәһе яңғыҙ йәшәгән йорттары, яҡташтар, Йүрүҙән буйҙары, Ҡаратау, баҫыу юлдары, кирелеп бесән сапҡан туғайҙар уны, әлбиттә, һәр ваҡыт үҙенә тартып торасаҡ. Бында ҡайтып йәшәгән арала күңеленең нисек яңырғанын шағир көндән-көн нығыраҡ тойҙо. Тыуған ерҙең тылсымлы көсө тигәндәре ошолай булалыр, күрәһең. Шиғырҙар Ҡаратауҙың шишмәләре һымаҡ, Ҡорғаҙаҡ һыуы шикелле урғылырға әҙер, ҡайһы саҡта тыйып торормон тимә. Бөтә эштәргә ҡул һелтәп, барыһын ташлап, тик ҡағыҙ-ҡәләм менән генә ҡалғы килә. Ошондай илһамлы саҡтарҙы ул аҙ көттөмө ни? Шиғыры хаҡында Рәми Ғарипов «Ауырлы мин көн-төн һинең менән, еңелерәк миңә һин тыуғас», – тигәйне. Һуңғы айҙарҙа илһам арта, ваҡыт етмәй. Ҡырҙарға ла, йырҙарға ла нисек өлгөрөргә? Һыбайлы шағирҙың күңелен хәҙер шиғырҙар нығыраҡ тарта, елеп барған еренән көтөлмәгән образ туҡтатып ҡуя. Фекерҙе һыҙғылап булһа ла өлгөрөргә кәрәк. Совхоз мәшәҡәттәрен оноттора бындай мәлдәр. «Ыласынҡай төҫлө батырҙар ҙа бер төшмәһә аттан бер төшә», – тигән бит Рәмиҙең яҡташы шағир Салауат батыр. Арып киткәндән түгел, шиғырҙары йөрәген өткәндән эйәрҙән төшә Рәми. Атынан төшһә лә, күңеле ҡанатлы, хатта тыуған яҡтың киңлектәрен тарһына. Шағир үҙенең сәйер асылына – яңғыҙлыҡҡа нығыраҡ ҡайта, шиғырҙар уны тотошлайы менән арбай. Көндәлек ығы-зығыларҙан, хатта яратҡан кешеләреңдән айырылып, әллә ҡайҙарға олағып сығып китергә, яҙмыш менән күҙгә-күҙ ҡалып, яҙырға ла яҙырға, шиғырҙар булып түгелергә ине. Тик ҡайҙа һуң ундай аулаҡ ерҙәр, табылырмы тып-тын һил донъялар? Сим ерҙәргә барып ал 1961 йыл Рәми менән Надеждаға оло бүләк килтерҙе: 1 ғинуарҙа икенсе улдары тыуҙы. Азамат тип исем ҡуштылар. Был йылдарҙа халыҡ йырҙары яңынан ныҡ тарала, концерттарҙа йыш йырлана башлағайны. Улар араһында «Азамат» айырыуса популяр булды. Йәштәрҙә тарихҡа иғтибар артты. Милли телдәрҙе бөтөрөүҙе совет йәмғиәтенең үҫешендәге иң прогрессив йүнәлеш тип иғлан иткән рәсми сәйәсәткә халыҡ иғтибарһыҙ ҡалманы: милли мәсьәләләр тураһында бәхәстәр көсәйҙе. Милли телдәрҙә уҡытыуҙы ҡырҡа сикләү эштәрен, берҙәм һәм берҙән-бер совет халҡын булдырыуҙың ҡотолғоһоҙ икәнлеген нигеҙләргә тырышыусы ҡуштан ғалимдарҙың, таҫма тел публицистарҙың эшмәкәрлегенә туранан-тура ҡаршы сығыу матбуғатта ныҡ сикләнһә лә, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында, бигерәк тә йәш интеллигенция араһындағы ризаһыҙлыҡ үҙенсә сағылды. Халыҡтың, телдең киләсәк яҙмышы тураһында үҙ-ара борсоулы һөйләшеүҙәр күбәйҙе, был хаҡта айырыуса ижади йәштәр йыш бәхәсләште. Юғары етәкселектәге волюнтаризм, милли сәйәсәттәге ҡыҫымдар, шаҡарыуҙар эске ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Халыҡтарҙың милли үҙаңы нығыраҡ йәнләнә, үҫә барҙы. Был процестарҙы тормоштоң төрлө яҡтарында күҙәтеп була ине. Нәҡ ошо йылдарҙа башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, телде, йолаларҙы өйрәнеү буйынса Башҡортостанда, күрше өлкәләрҙәге башҡорт төбәктәрендә фольклор, диалектологик, этнографик экспедициялар ойошторолдо. Ҡатмарлы яҙмыш кисергән, тик оло быуын оҫталары хәстәрлегенә ҡалып барған ҡурайҙың яңы һулышы асылды, уға йәштәр нығыраҡ ылыҡты. Милли үҙаңдағы үҙгәрештәр ғаилә мөнәсәбәттәрендә, көнкүрештең айырым һыҙаттарында ла сағылмай ҡалманы. Әйтәйек, утыҙынсы-ҡырҡынсы йылдарҙа революцион романтиканың бер шауҡымы булараҡ көнбайыш телдәрҙән алып, яңғырауыҡлы, әммә ҡайһы саҡта бөтөнләй мәғәнәһеҙ исемдәр биреү урынына хәҙер балаларға бик халыҡсан исемдәр ҡушыу күбәйҙе. Иң ныҡ таралғандары Салауат менән Азамат ине. Азамат исеменең айырыуса йыш ҡушыла башлауы ошо йырҙың популяр булып китеүе менән дә бәйле булһа, Салауат исеменә иғтибарҙың ныҡ артыуына милли батыр һәм шағирҙың 200 йыллыҡ юбилейын киң билдәләү, шулай уҡ был бөйөк шәхес хаҡындағы фильм, рус, башҡорт телдәрендә баҫылып сыҡҡан роман ныҡ йоғонто яһаны. Электән дә халыҡ хәтеренән юйылмаған Салауат яңынан тыуҙы тиергә мөмкин. Батша ваҡытында тыйылған исем халыҡ араһында таралды. Бик күп ғаиләләрҙә ағалы-ҡустылы Салауаттар, Азаматтар үҫтеләр. Салауат батыр ерендә тыуған, «Азамат» һымаҡ атаҡлы халыҡ йырҙарын тыңлап үҫкән Рәми Ғариповтың улдары, ошо матур исемдәрҙе малайҙарына башҡалар яратып ҡушҡанда, нисек инде Салауат менән Азамат булмаҫҡа тейеш? Икенсе бала йәш ғаиләгә шатлыҡҡа ҡушып яңы хәстәрҙәр ҙә өҫтәне. Хәҙер шиғырҙарға ваҡыт табыу тағы ла ҡыйыныраҡ. Хатта төнгө тынлыҡты ла хәҙер сәңгелдәктә ятҡан бала тауышы бүлә. Ир менән ҡатын кәңәш-төңәш итеп, ҡырҡа бер ҡарарға килделәр: донъя мәшәҡәттәре лә, совхоз эштәре лә бөтмәҫ, Рәми ижад йортона барып ҡайтһын. Иренең хәлен ҡатыны яҡшы аңлай: бындай илһамлы мәлдең ҡәҙерен белергә кәрәк. Яҙыла икән, яҙып ҡалһын. Рәми бында шағирлығын онотор өсөн ҡайтмаған бит! Уның төп хеҙмәте – ижад. Егерме дүртенсе февралдә Мәскәүҙең Курск вокзалында Рәмиҙе Марат Кәримов оҙатып ҡалды, Кавказ сәйәхәте башланды. Шағир Гагралағы ижад йортона килеп урынлашты. Был мөхит Рәмигә яҡшы таныш: биш йыл ғүмере ошондай урында – Мәскәү янындағы Литфонд дачаларында үтте. Ләкин ижад йортоноң ятаҡҡа әйләндерелгән бүлмәләрендә аслы-туҡлы студент булып йәшәүе бер хәл, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ бер ай буйы тиерлек эшләргә, яҙышырға килеү бөтөнләй башҡаса икән шул. Башҡортостандың февраль бурандарынан һуң Абхазияның шау йәшеллек донъяһына аяҡ баҫҡан Рәми үҙен ожмахҡа килеп ингән һымаҡ тойҙо. Тәүге тапҡыр күргән Ҡара диңгеҙҙән, Кавказ тауҙарынан, матур тәбиғәттән башҡа ла хайран ҡалырлыҡ нәмәләр күп. Боронғо ҡәлғәләрҙең харабалары, иҫке ҡалаларҙың ҡалдыҡтары, монастырҙар... Бындағы кешеләр йәшәгән иркен йорттар беҙҙекеләрҙең төштәренә лә ингәне юҡ. Хозурлыҡтар бар тарафтан уратҡан. Иң ныҡ хайран ҡалдырғаны, әлбиттә, диңгеҙ. Уның туҡтауһыҙ хәрәкәттәге киңлектәрен тасуир итерлек һүҙҙәрҙе табырлыҡ түгел. Рәмиҙе барыһынан да нығыраҡ ҡыуандырғаны – ижад йортондағы тынлыҡ, уға бирелгән аулаҡ бүлмә. Тәүҙә был һиллеккә күнегә алмай торҙо. Эшкә баштан аяҡ сумғас, барыһы ла онотолдо. Яҙыуҙан бүтәндә ҡайғыһы юҡ. Шиғырҙан башҡа бер кем борсомай. Уй-кисерештәр, хәтерҙән китмәгән образдар менән ул тулышып килгәйне. Туапсела кескәй генә дәфтәренә: «Йәшел орсоҡ кеүек кипаристар. Йәшел ер! Бында нисек шиғыр яҙмаҡ кәрәк, был ер үҙе йөрәгеңә йыр яҙа», – тип һыҙғылап ҡуйғайны. Барыбер яҙыла икән. Эштәре ырамлы китте. Ҡайһы саҡта Сергей Есенин дың китабын ҡулына ала. «Эт хаҡында йыр»ҙы күптән инде тәржемә иткәйне. Артабан да туҡтатмам тигәйне лә, форсат ҡайҙа... Совхозда үҙеңдең шиғырҙарыңа ваҡыт бүлеп булмай. Ә бында эштәрҙе төрлөләндереп алып барып була. Шағир ҡасан да булһа Есениндың әҫәрҙәрен айырым китап итеп сығарыу тураһында хыяллана. Рәмиҙең тәҙрәһенән икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрҙә йәйрәп ятҡан диңгеҙ күренә. Был серле матурлыҡтан күҙен ала алмайынса, шағир уға оҙаҡ ҡарап ултыра. Тынғы белмәйенсә тулҡынланып, диңгеҙ ярға талғын ғына һуғылып ята. Туҡтауһыҙ һүҙҙәр эҙләгән, уларҙы иң камил юлдарға йыйырға тырышҡан шағир һымаҡ, уйсан диңгеҙ көнө-төнө таштарҙы шымарта, тулҡын артынан тулҡын ҡыуа. Диңгеҙ һулышы шиғырҙарға ла килеп ингәндәй, хатта ул ошондай һүҙҙәр әйтеп өндәшкәндәй була: Бөрсөк алтын өсөн оҫталар ҙа Ғазапланып тау-таш вата бит; Һин эҙләгән аҫыл ынйылар ҙа Диңгеҙ төптәрендә ята бит... Шуға ла шағир һүҙҙәрҙең иң тосон эҙләй, «тел осона килгән тәүге һүҙҙе тыйып ҡалам яҙмай ҡағыҙға», – ти һәм үҙенә иң юғары талаптар ҡуя: Нисек кенә матур күренмәһен, Һыҙ уларҙы, яҙһаң, йәлләмә! Күрмәйһеңме: бик йыш тормошта ла Йәлләмәҫлек була йәл нәмә. Тынғыһыҙ диңгеҙ менән ғорур тауҙар образында Рәми тау халыҡтарының тормошо менән оҡшашлыҡтар эҙләй: яуҙан ҡайтҡан батыр һымаҡ аҡ башлыҡлы тау, уға йәш кәләш шикелле һарылған диңгеҙ. Ҡатынына яҙған бер хатында шағир былай ти: «Стихотворение «Кавказ» в цикл не ввели. Говорят, воспеваешь феодализм – что море – жена Кавказа ноги моет. Какие феодалы еще наши литераторы сами!.. Как трудно понимают самый верный образ – образ любви». Килеүенең тәүге көнөндә үк тиерлек Рәми Ғарипов: Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне – Һыу ингәндә, ҡомда ятҡанда, Ҡойоп ҡуйған тере һәйкәлдәрҙән Яр буйҙары сәскә атҡандай. Боронғо мәжүси грек кеүек, Был ҡыҙҙарға ҡарап туймайым. Ҡайҙан кейем уйлап сығарғандар! Кейем – дошман тиеп уйлайым, – тигән үҙе өсөн бығаса бик үк хас булмаған юлдарҙы ла яҙа, тик аҙаҡ уларҙы диңгеҙ шәлкеменә индермәй. 7 мартта «Айседора Дункан» тигән шиғыр башлап ҡуя: Төнө буйы диңгеҙ күкрәне, Төнө буйы диңгеҙ дуланы. Төнө буйы, йоҡлай алмайынса, Бөйөк ҡатын, һине уйланым. Төнө буйы, ҡара шәл бөркәнеп, Һин ултырҙың диңгеҙ ярында... Таң атҡанда ҡара толомдарың Салландылар ҡайғы ҡарында... ...Таң атҡанда һин аңыңа килдең, Күкрәгеңә ҡыҫҡан нәмәне, Тубығыңа ҡуйып, сал диңгеҙгә Ишеп алып киттең кәмәне. Серлелек, драматизм менән тулы был күренештәр фажиғәле поэмаға инеште хәтерләтә. Был әҫәр хаҡында уйландырыуға уны, моғайын, Есенин шиғырҙары менән булыу илһамландырғандыр. Башҡорт шиғриәтендә Ҡырым, Кавказ темаһының, диңгеҙ күренештәренә бәйле тыуған шиғырҙарҙың оҙайлы ғына тарихы бар. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури, Ғ. Сәләм, Мәлих Харистар аша бындай төр әҫәрҙәр яҙыу традициялары яңы быуын шағирҙарына килеп ялғана. Диңгеҙ менән күҙгә-күҙ осрашҡан беренсе башҡорт шағиры, моғайын, Салауат Юлаев булғандыр. Күптәр өсөн тәбиғәттең был стихияһын күреү һоҡланыуға, шатлыҡҡа әйләнһә, каторгалағы бығаулы шағир өсөн Балтик диңгеҙе ярҙары нисәмә йылдар буйы ҡоллоҡ һәм ғазап төйәге булған. Азатлыҡтан яҙған Салауаттың уйҙарында азат диңгеҙгә ҡарап, бәлки, бөйөк шиғри юлдар тыуғандыр. Улар Башҡортостанға килеп етмәгән. Батырҙың ҡаһарман яҙмышы халыҡ йырҙарында йырланған. Ғәйнан Әмириҙең етмешенсе йылдарҙағы «Салауат аманаты» исемле поэмаһы башҡорт шиғриәтендә диңгеҙ образы менән бәйләнештәге әҫәрҙәрҙең иң күренеклеләренән. Рәми Ғарипов ижадында диңгеҙ мотивтары уға тиклем ижад иткән башҡа байтаҡ шағирҙарҙағы һымаҡ ике-өс шиғыр менән генә сикләнмәне, ҙур ғына тотош бер шәлкемгә тупланды. Традицион образдарҙы ул тик Рәмисә күрҙе. Бына «Аҡсарлаҡтар» шиғыры. Рәмиҙең үҫмер саҡтан бөгөнгәсә инанған бөйөк уҡытыусыһы Максим Горькийҙың көрәшкә әйҙәүсе атаҡлы «Дауыл ҡошо»нда данланған ҡоштар тоҡомонан улар. Шағир ҡоштарға иҫе китеп ҡарап тора: Аҡсарлаҡтар, аҡсарлаҡтар!.. Осаһығыҙ ҡыйылып. Саҡ торам мин, һоҡланыуҙан Ҡысҡырмайса тыйылып. Бит әҙернә – йәйә һымаҡ Аҡбуҙ ҡанаттарығыҙ. Суҡышығыҙ – тоҫҡалған уҡ, Мәргән – ҡараштарығыҙ. Икенсе юлы был матур һәм көслө ҡоштарҙың ғорурлығы шағирҙың күҙ алдында юҡҡа сыҡҡандай була: бер утрауҙа улар ҡый-сый килеп тамаҡтары ҡарлыҡҡансы балыҡ өсөн талашалар: Ел бауырлап осҡан ҡоштар, Ниндәй меҫкен инегеҙ! Күркегеҙҙән утрауҙа Туҙып ҡалды йөнөгөҙ. Быға оҡшаш хәлдәргә «Беҙ, кешеләр, күнеккәнбеҙ тик йылмайып ҡарарға», ти шиғыр. Ләкин был бик моңһоу, күҙ йәше аша йылмайыу... Аңһыҙ ҡоштар балыҡ өсөн талашһа, аңлы бәндәләрҙең байлыҡ өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙер саҡтары аҙмы ни? Яр буйындағы эҙҙәрҙе күргәндә шағирҙы төрлө уйҙар солғап ала: Ҡомдағы эҙ генә мәллә Был һантый йәшлек үҙе? Хәҙер уны юясаҡ бит Тулҡындары диңгеҙҙең!.. Был яҡтарҙан айырылғас та шағирҙың ҡарашында диңгеҙ һаҡланып ҡаласаҡ, тормоштағы көтөлмәгән ситуацияларҙа ошо образ яңынан тоҡанасаҡ. Бер күреүҙән фәрештәләргә тиңләп ғашиҡ булып та, аҙаҡ ул кешенең бушлығын аңлап өмөтө юҡҡа сыҡҡан шағир: «Күләүектә лә бит тәүҙә шулай диңгеҙ тәрәнлеген күрәһең», – ти. Башҡа бер ваҡыт бынан мең-мең йылдар элек сайырға батҡан серәкәйҙе бөгөнгө көнгә тиклем үҙендә тере һымаҡ һаҡлап ҡалған диңгеҙ гәрәбәһен музейҙа осратып, шағир былай ти: «Серәкәйҙе түгел, йөрәккәйҙе һаҡлап ҡалһа икән гәрәбә!..» Шағир алдындағы яңы донъя фекерләүгә лә яңы үҙенсәлектәр өҫтәй. Диңгеҙҙең әле шаулы, әле талғын геүләүенә тыуған яҡтың ауаздары килеп ҡушыла. Хатта Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ниңә беҙҙең Ырғыҙ буйын алыштырҙың диңгеҙгә?» – тигән һүҙҙәре ишетелә. Шағирҙың күҙ алдында, гүйә, «зәңгәр бураҙналар һалып, елдәр һабан һөрә диңгеҙҙә», «тулҡын түгел, әйтерһең дә, күҙ алдымда иген тулҡына». Шундай оҡшашлыҡтар тыумаһа, шағир өсөн диңгеҙ күҙ талдырғыс киңлек кенә булыр ине. Ят яҡтарҙы тәү ҡат күреү шатлығынан алыҫтағы тыуған ерҙе юҡһыныу көслөрәк: Кипаристар елдән һығылғанда, Ҡыштырлашҡан саҡта банандар, Күҙ алдымда аҡ ҡайындар шаулай, Тәлгәштәрен һуҙа баландар... Етмәй миңә бында умырзая, Мәтрүш сәскәһенең хуш еҫе, Алҡаланған арыш баҫыуҙары. Ысын йәйе, ысын ҡыш төҫө. Мин уларҙың моңон, һүҙен беләм, Үҙ телемдә улар һөйләшә. Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр, Тик тыуған ер, йәшә, мең йәшә!.. «Һағыш» шиғырындағы был юлдарҙы уҡығанда Сергей Есениндың һағыштарын, көньяҡтың тулған айы аҫтында Рязань киңлектәрен юҡһыныуын хәтерләйһең: Шаганэ ты моя, Шаганэ! Потому что я с севера что ли, Я готов рассказать тебе поле, Про волнистую рожь при луне, Шаганэ ты моя, Шаганэ. Потому что я с севера, что ли, Что луна там огромней в сто раз, Как бы ни был красив Шираз, Он не лучше рязанских раздолий, Потому что я с севера, что ли? Сергей Есениндың китабы Рәмиҙең өҫтәлендә ята, уны йыш ҡына ҡулына ала, айырым юлдары башҡортса яңғырай башлай. Есенин менән бәйләнеш өҙөлмәйәсәк, Шаһәнә образы менән рухланып ижад ителгән тылсымлы «Фарсы моңдары», башҡа күп шиғырҙар – Есениндың башҡортса тотош китабын тәшкил итерлек әҫәрҙәр Рәми тарафынан бик яратып, ғәйәт оҫта тәржемә ителәсәк. Әлеге мәлдә бөйөк рус шағирының янда булыуы, уның шиғырҙарының русса ла, башҡортса ла телгә килеүе үҙе бер таяныс һәм йыуаныс. Рәмиҙең бер айға яҡын ғүмере диңгеҙ шауын тыңлап, береһен береһе өҙлөкһөҙ ҡыуалап, бер-бер артлы ярға һуғылып ҡыйралған тулҡындарҙы күреп үтте. Яҙыу өҫтәленән айырылған саҡтарында тирә-яҡты ҡыҙырҙы. Шағирҙың бындағылай иркенләп яҙышырлыҡ, уйланырлыҡ мөмкинлектәре бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Ижад йорттарында студент сағында биш йыл йәшәһә лә, уның нимә икәнен, ысынлап та, йүнләп белмәгән икән. Бына хәҙер генә аңланы: ижад йорттарын бик аҡыллы, хәстәрлекле етәкселәр ойошторған. Киләсәктә мөмкинлек булғанда бындай урындарға йышыраҡ килергә кәрәк. СССР-ҙың төрлө республикаларында тәбиғәттең иң матур, тыныс ерҙәрендә урынлашҡан ошондай ижад йорттарында күп милләтле совет әҙәбиәтенең әллә ни саҡлы күренекле әҫәрҙәренең яҙылғанын тулыраҡ белһә, Рәмиҙең бындай урындарға ихтирамы нығыраҡ артыр ине. Ҡайһы саҡта диңгеҙ ел юҡта ла һис бер сәбәпһеҙ ярһый башлай, әйтерһең дә, ас арыҫлан һымаҡ үҙенә ҡорбан эҙләй. Бындай ваҡытта янына килерлек түгел. Диңгеҙ ҡотороноп ташланғанда тәбиғәттең ни тиклем көслө икәнлегенә иҫтәрең китерлек. Әҙәм балаһы уның ҡаршыһында нимә генә: бәндә ни ҙә, ҡом бөртөгө ни?! Ләкин кеше барыбер ошондай ғәрәсәттәр менән алышып, боронғо елкәнле караптарҙа ер шарын урап ҡайтырлыҡ көс, ҡыйыулыҡ тапҡан бит. Бер көндө шағир ярһыған диңгеҙгә ҡыҙыҡ итеп ҡарап торҙо: Бер сабыйға әллә асыу итеп, Йоторғамы уны самалай?.. Ярҙа уға бер ҙә иҫе китмәй, Таш ырғытып йөрөй бер малай!.. Рәми Ғарипов тиҙҙән Мостай Кәримдең ошо шиғырын ғәжәпһенеп уҡыясаҡ: Диңгеҙ буйлап йүгерә бер малай, Ялан тәпәй. Беҙҙең нәҫелдән. Эҙҙәрендә йым-йым итә ваҡ таш, Гүйә, ергә йондоҙ сәселгән. Килә заман. Килә. Шул малайҙар Ҡош Юлына сәфәр сығырҙар. Һәм йондоҙҙар, улар баҫҡан саҡта, Ваҡ таш урынына шығырҙар. Ике шиғыр ҙа бер үк 1961 йылда яҙылған. Икеһендә лә диңгеҙ менән сабый. Тиңдәшһеҙ көстәр алдында юғалып ҡалмаясаҡ ике малай. Оҡшашлыҡ осраҡлы ғына тыумағандыр, моғайын. Кеше йыһанға үтеү менән шиғриәттең ғаләмгә мөнәсәбәтендә үҙгәрештәр тыуҙы: шәхестең ҡыйыулығы артҡандай, ҡоласы нығыраҡ киңәйгәндәй. Әлеге шиғырҙарҙа ошо тенденциялар төҫмөрләнә башлағайны. Өс йылдан һуң Балтик диңгеҙе буйында Дубулты ижад йортонда яҙылған «Тирмәнсе» шиғырын Рәми остазы Мостай Кәримгә арнап, былай тип тамамлаясаҡ: Тирмәнсемдең мең тирмәне шулай Мәңге геүләй, мәңге үкерә. Сабырлыға – алтын гәрәбәләр, Сабырһыҙға – сүп-сар килтерә. Эҙләнеүҙәр тос шиғри гәрәбәләргә юлыҡтырҙы. Ләкин ижад йортондағы тынлыҡта ла күңелгә барыбер тынғы юҡ. Башта яңы ергә өйрәнеп киткәнсе, шунан онотолоп эшкә сумғанда көндәр һиҙелмәй үтә торҙо. Тик аулаҡ бүлмәлә йоҡо ҡаса башланы. Төндәрен күңел тулап сыға. Диңгеҙ һымаҡ ул да болоҡһоп-болоҡһоп ала. Сәбәптәрен белерлек тә түгел. Лермонтовтың дауыл эҙләгән аҡ елкәнен диңгеҙ ярҙарында Рәми тағы ла нығыраҡ аңланы һымаҡ. «Ә ул тынғыһыҙ гел дауыл һорай, әйтерһең дә, тынлыҡ бар унда!» Тормошоноң ауыр мәлдәрендә малай саҡтарҙан уҡ әллә ниңә йыш ҡына ошо аҡ елкән күҙ алдына килде. Әллә дауылға әйҙәне, әллә өйөрмәләр эсенә инеүҙән иҫкәртте. Әле лә күҙ иңләмәҫ киңлектәрҙән уны эҙләй: Диңгеҙ елдәренә сығып көтәм Иртә-кисле мин бер елкәнде. Ләкин юҡ, күренмәй ул офоҡта, Әллә белмәй талып көткәнде? Рәнйетте, ахыры, елкәнемде Аҡ бәхеттәр бүләк итмәүем. Ғәйептер ҙә, бәлки, уны көтөү, Анһатмы тик уны көтмәүем?.., Хыялындағы аҡ елкәнде ысын тормошонда тапҡандар бик һирәк. Ләкин шағирҙар өсөн көтөү тойғоһо, үҙең дә белмәйенсә, кемделер юҡһыныу һәр саҡ таныш һағыш. Һине сорнап алған икән, уны йырып сығыр әмәл юҡ. Ошо кисерештәрҙән бына тағы бер шиғыр башлана: «Кис булдымы, тауыш баҫылдымы, мин кемделер көтәм. Был нимә?» Ысынлап та, нимә һуң был кемделер көтөү, ҡайҙалыр ашҡыныу? «Үҙең эҙләп тапмаһаң һин, ахыры, көтөп кенә килмәй һөйөүең?» тигән һорау-аптыраш менән йомғаҡлай һүҙен шағир. Ләкин бында эш бары һөйөүҙә генәме икән? Мөхәббәтен тапҡас та, был көтөү, уҡталыу туҡтармы һуң? Туҡтауы бик икеле. Әгәр улар туҡталып, барыһына ла ҡәнәғәтлек килһә, шағирҙың йәшәйеше лә, бәлки, бөтөр? Киләсәктә Рәми диңгеҙ ярҙарына ғаиләһен алып килергә, күмәкләп ҡомда ҡыҙынырға, тулҡында сайҡалырға хыяллана. Шағирҙың Гагранан ҡатынына яҙған берҙән-бер хаты һаҡланған. Ике аҙна ваҡыт та үтмәгән, ә күңеле тыуған яҡтарға уҡтала: «Одним словом, я попал в рай! Но как-то скучно в раю! Куда лучше наш край – естественнее, проще, задушевнее. Я соскучился по Башкирии, по своим невысоким горам, по березам, по тебе, Надя, по детям, по коню. Как приеду домой, объеду все деревни верхом. Как правильно сказал Горький, что красота не в пустыне, а в душе араба!.. Красиво то, что с детства связано с душой твоей – это родина, это (вот ... и слезы у меня) язык родной. Каждый день говори, Надя, с Салаваткой на башкирском, прошу очень, чтобы ему небезразличным был язык мой! Самые ласкательные слова говори на башкирском, а ругать можешь и по-русски!.. Тренируйся и сама. Приеду домой – привезу кучу стихов и буду читать на башкирском, конечно. Работаю хорошо и Есенина переводить начал» (11.03.61). Халыҡ йырындағы «Сит илдәргә барып ғибрәт ал» тигән һүҙҙәрҙе Рәмиҙең бында хәтерләп алғаны булды. Сәфәр йөрөгәндә ғибрәт алырлыҡты ла, үрнәк итерлекте лә йыш күрәһең. Көн дә яҡташтары менән уртаҡ эштәрҙе хәстәрләп йәшәгән һуңғы йыл ярымда ул тупраҡ һулышын, ер кешеһенең булмышын нығыраҡ тойҙо, тормош айышын тәрәндәнерәк аңланы. Ләкин илдән алыҫта илең тағы ла ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк була икән. Үҙ төйәгеңдә генә сикләнеп ҡалыу шағирҙы бик кәрәкле рухи бәйләнештәрҙән, милләтеңдең яҙмышын башҡа халыҡтарҙың тормошон күреп сағыштырып ҡарауҙарҙан мәхрүм итә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда Рәми Ғарипов төрлө республикаларҙан, хатта сит илдәрҙән килгән һабаҡташтары менән биш йыл буйына байтаҡ аралашты. Студенттар араһында Кавказ йәштәре лә күп ине. Төрлө телдәрҙә шиғырҙар тыңлағанда ул халыҡтың тарихы менән дә ҡыҙыҡһындылар. Ләкин башҡа милләттең тормошон үҙ күҙең менән күреүгә етмәй икән. Абхазияның боронғо ҡомартҡылары менән танышып йөрөгәндә Рәми Ғариповтың абхаздар тарихын күберәк белгеһе килде. Абхаздар тураһындағы мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙәрҙә үк теркәлгән. Заманында Византияның үҙе менән көрәштә бойондороҡһоҙлоҡ яулап, Абхаз батшалығы ҡеүәтле дәүләт булып йәшәгән. Ләкин халыҡтарҙың яҙмыштары ниндәй генә һынауҙарға, юғалтыуҙарға дусар булмай!.. Шул уҡ ваҡытта араларында меңәр саҡрымдар ятһа ла, бер ниндәй ҡәрҙәшлек тамырҙары тоташтырмаһа ла, төрлө милләттәрҙең башынан ни тиклем оҡшаш хәлдәр үтә икән дә баһа. Абхаздар менән башҡорттарҙың яҙмыштарында шундай оҡшашлыҡтар барҙыр тип, Рәми күҙ алдына ла килтермәй ине. Барлап ҡараһаң, айырмаға ҡарағанда хатта уртаҡлыҡтар күберәк тә һымаҡ. Ике халыҡтың да азатлыҡ өсөн күпме ҡорбандар биреп туҡтауһыҙ көрәшеүе, милли-азатлыҡ хәрәкәтенең күпме тапҡырҙар ҡанға батырып баҫтырылып та яңынан тоҡаныуы, яңынан күтәрелеүе Башҡортостанда ла, Абхазияла ла йыш ҡына бер үк мәлдә тиерлек барған. Мәҫәлән, XVIII быуаттағы дәһшәтле ваҡиғалар нәҡ шундайҙарҙан. Әлбиттә, ижтимағи шарттар, иҙеүселәр, милли азатлыҡты быуыусылар төрлөсә, ләкин Рәми Ғарипов һәр халыҡтың үҙ хоҡуғын ҡыйыу яҡлауы, маҡсаттарына тоғролоғо, ошо милли азатлыҡ өсөн ауыр көрәш юлында күпме фажиғәләр кисереүе, күпме ҡорбандар биреүе, күпме яҙмыштарҙың, тыуған ерҙән мәңгегә айырылып, сит яҡтарҙа ғазап сигеүҙәре тураһында күп уйланды. Ошондай туҡтауһыҙ көрәш юлындағы ҙур юғалтыуҙар арҡаһында, таланған, баҫып алынған ерҙәренә башҡа халыҡтарҙың күпләп күсерелеүе һөҙөмтәһендә абхаздар ҙа, башҡорттар ҙа үҙ республикаларында аҙсылыҡта тороп ҡалған: 1959 йылда СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса үҙ республикаларында һан яғынан башҡорттар өсөнсө, ә абхаздар хатта дүртенсе урында тора. Бындай һандар менән һатыу итеүселәр нисек тә кешеләрҙең милли ғорурлығын кәмһетергә, уларҙың хоҡуҡтарын мөмкин тиклем сикләргә, тарихтарын боҙоп күрһәтергә тырыша. Әйтерһең дә, бындай хәлдәр килеп тыуғанына башҡорттар йәки абхаздар үҙҙәре ғәйепле. Абхаз яҙмаһының, әҙәбиәтенең үҫеү юлында күпме ҡаршылыҡтарға осрауы, күпме тыйыуҙар, кәртәләр аша үтеүе Рәмиҙә абхаз яҙыусыларына, мәғрифәтселәренә ҡарата оло ихтирам уятты. Уларҙың ҡаһарманлығына, бигерәк тә Дмитрий Гулианың титаник эшмәкәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Әле яңыраҡ вафат булған Гулиа, тормош юлында күпме ғәҙелһеҙлектәрҙе еңеп, маҡсатына тоғро ҡалды, милләтенең оло ихтирамын яуланы. Ә һуң башҡорттоң Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтары, Мифтахетдин Аҡмуллалары, Ризаитдин Фәхретдиновтары ҡасан халыҡҡа әйләнеп ҡайта алыр, уларҙың әҙәби, ғилми мираҫтары ҡасан яңы быуын уҡыусыларына барып етер? Электән борсоған был һорауҙар Рәми Ғариповҡа күпме бөйөк шәхестәрҙең эҙҙәрен һаҡлаған абхаз ерендә, Ҡара диңгеҙ ярҙарында яңынан әйләнеп ҡайтты. Бында ла ил, халыҡ яҙмышы тураһында шағир тыныс ҡына уйлана алманы. Туған тел хаҡында һүҙ сыҡҡанда ҡайһы саҡта Рәмиҙең күҙҙәренә йәш килгән икән, быны ир-егеткә хас булмағанса сентименталлек тип көлөү, кәмһетеү һис тә дөрөҫ түгел. Ил һәм тел шағирға әсәһе кеүек ғәзиз, ҡайҙа ла һағындырып иҫкә төшә. Ундай ваҡытта керпектең йәшләнеүе ғәжәпме ни? Бер шиғырын Рәми Ғарипов: «Бына ағайың Кавказда, диңгеҙ буйында ята», – тип мәрәкәләберәк башлаһа ла, шағирҙарға бер ҡайҙа ла башҡалар һымаҡ һис юғында бер нисә көн борсоулы уйҙарҙан арынып йәшәргә яҙмаған. Һүҙҙәре һәр ваҡыт үҙҙәре менән шағирҙарҙың һәм әҙиптәрҙең. Ҡәләм-ҡағыҙҙарын ҡалдырып торһалар ҙа, уйҙарҙан йәшенә, һүҙҙән ҡасып ҡотола алмайҙар. Шуға ла бит уларҙың шау-шыуҙан айырылып йәшәр урындары ял йорттары йәки санаторийҙар тип аталмай, ижад йорто тип исемләнә. Шағирға диңгеҙ буйында «ятҡанда» ла тынғы юҡ: Уралда йөрөй уйҙарым, Ҡайтып килә һәр көндө. Мин Кавказды күргәс кенә Уралдың йәмен белдем... Сит ерҙәрҙә оҙағыраҡ айырылып торһаң, Уралдың йәмен нығыраҡ беләһең, ил ғәме лә күңелдә көсәйә бара. Пушкин әйтмешләй, «Прощай, свободная стихия!» һау бул, Гагра, рәхмәт һиндәге ижад йортона, илһамлы сәғәттәр алып килгән көндәргә һәм төндәргә! «Мин китермен, һин ҡалырһың, ҡалырһың, зәңгәр диңгеҙ». Моңһоу ҙа, ашҡыныулы ла мәл. Юлға ҡуҙғалыр алдынан һәр саҡ шулай була: айырылып китеүе нисектер яманһыу, шул уҡ ваҡытта алдағы күрешеүҙәрҙе уйлап түҙемһеҙләнәһең. Тәҙрәһенән Ҡара диңгеҙ киңлектәре үҙенә арбап торған тыныс бүлмәлә теләгән сәғәттәреңдә эшләп ултырырға, теләгән ваҡытыңда донъя ҡыҙырырға сығып китергә шағир был көндәрҙә ныҡ өйрәнеп киткәйне. Күпме яҙылып бөтмәгән шиғырҙарҙан айырылып торорға, китаптарҙы, ҡулъяҙмаларҙы йыйып алырға тура килде. Бүлмә нисектер бушап, етемһерәп ҡалды. Күңел дә урынында түгел. Юлға сығыр алдынан Рәми бер яңғыҙы оҙаҡ ҡына уйҙарға сумып ултырҙы. Алдында ни тиклем оло эштәр торғанын, күпме шиғырҙарҙы тиҙерәк яҙырға тейешлеген ул Гаграла тик ижад менән генә булып йәшәгәндә нығыраҡ аңланы. Барыһына ла нисек өлгөрөргә? Совхоздағы вазифаға артабан да төптән егелеп эшләргә, ижадты ла ситкә ҡалдырмаҫҡа – ике ауыр йөктө тартыр өсөн көсө табылыр ҙа, бәлки, тик ваҡытты нисек еткерергә? Ауылға эшкә ҡайтҡан көҙҙө шиғырҙар онотолоп торған саҡ ине, хәҙер уларҙан айырылырлыҡ түгел, үҙҙәренә көндән-көн күберәк иғтибар талап итәләр. Күңелдә ике яҡҡа тартыш, бер бөтөндөң икегә бүленеүе бара. Ҡайтҡас, был бүленеү-тартышыуҙың көсәйәсәген һиҙә шағир. Ләкин ҡаршы торор, еңер мәл юҡ, шиғырҙар үҙенә тағы ла нығыраҡ тартасаҡ. Айҙағы һәм эштәр Ижад йорто менән айырылыу яманһыуыраҡ булһа ла, ҡатынын, улдарын, тыуған төйәген, яҡташтарын Рәми ныҡ һағынғайны. Ҡайтыу менән яңынан эшкә сумды. Юрий Гагариндың йыһанға осоуы бөтә донъяны шаулатҡан тарихи көндәр ине. Һынсыл ҡарашлы шағир башта был ваҡиғаға һағайыбыраҡ ҡараны. «Надя конторанан: — Человек из космоса возвратился! – тип ҡайтып керҙе. Ләкин мин бер ҙә ғәжәпләнә алманым. Әйтерһең, был бер ҙә тарихтың бер бөйөк көнө түгел!.. Ә бит, уйлап ҡараһаң, был иҫ киткес һикереш! Ләкин инде был хәлгә бер ҙә иҫ китмәй. Өйрәнелгән. Ғәҙәти. Ышанып бөтөлгән. Ҡулымдағы улым Азаматтың геүелдәүе мине нығыраҡ ғәжәпләндерә. Үҫеп буйға етер ул, Осоп айға китер ул! – тип таҡмаҡлайым, һикертәм улымды. Шулай ҙа эленеп торған радионы ҡулға алып, тыңларға керештем: донъя шаулай... Шиғырҙар ҙа өлгөргән! Юрий Гагарин – яңы герой – яңы шиғырҙар тыуҙыра. Белеп торам – иртәгә бөтә газеталарҙа ла уның тураһында шиғырҙар буласаҡ!» (12 апрель 1961 йыл). Совет кешеһенең ер шарын таң ҡалдырып ғаләмгә үтеп инеүен сәләмләп, башҡорт шағирҙарының да ҡотлауҙары баҫылып сыҡты. Рафаэль Сафиндың «Ер беҙҙеке булыр» тигән шиғыры шуларҙың иң тәүгеләренән ине. Хәким Ғиләжевтең Беҙҙең кеше, Күк ҡабағын асып, Яңы донъяларға юл һыҙа. Даешь Йыһан, Даешь Ҡояш, Даешь Ай һәм алыҫ йондоҙҙар, – тигән ораны тарихи ваҡиға тыуғас та яңғыраны. Был хаҡта әллә күпме шиғырҙар, балладалар, поэмалар яҙылды. Уныһы шулай. Ләкин тормош үҙ ағышы менән барҙы, кешеләрҙең ихлас һоҡланыуҙары, космос романтикаһы тормоштоң ҡырыҫ реализмы менән, хыял ысынбарлыҡ менән айырылғыһыҙ рәүештә бергә уҡмашып йәшәне. Хатта ҡанатлы яңылыҡтар ҙа кешеләр аңына һәр ваҡыттағыса ғәҙәтиҙең, күнегелгәндең ҡаршылығын еңеп инде. «Кис. Клубта митинг үткәрҙек. Халыҡты көсләп индерҙек. Йәштәр волейбол уйнай. Керәһеләре килмәй һис тә. Былтыр ултыртҡан акацияларҙы кәзәләр кимерә. Быйыл тағы ултыртырға кәрәк». Кәзәләрҙең генә түгел, байтаҡ кешеләрҙең дә йыһандағы бөйөк үҙгәрештәрҙә әллә ни эштәре юҡ. Партком секретары бик оҙаҡ телмәрен ҡағыҙҙан уҡып сыҡҡандан һуң тантаналы митингты асыҡ тип иғлан иткәс, залда теләр-теләмәҫ кенә ҡул сабалар ҙа берәм-берәм ишек яғына ҡарай башлайҙар. Өҫтәүенә киномеханик сәхнәгә менеп, ни өсөндөр утты һүндереп алғас: «Бөгөн кино булмай!» – тип ҡысҡыра. Халыҡ тағы ла тынысһыҙланып ҡуя. Бер уҡытыусы сығышын ҡағыҙға ҡарап уҡый ҙа, яһалма пафос менән күкле-йәшелле итеп бер нисә рәт «Дан!» һүҙен ҡысҡыра. «Унан һуң Шәйхисламов үтә тантаналы тауыш менән: — Совхоздың комсомол ойошмаһы секретары иптәш Ғариповҡа һүҙ бирелә! – тип белдерҙе. Әйтерһең, мин иң хәл иткес телмәрҙе һөйләргә тейеш инем. Залдағылар хатта мин һөйләмәҫ үк ҡул сабып ебәрҙеләр. Әйтерһең, комсомол секретары бик мөһим бер фекерҙе аҡтарып һаласаҡ!.. — Телмәр һөйләп тормайым мин, иптәштәр, тик үҙемдең кисә был хәбәрҙе ишетеп, ни уйлауымды ғына һеҙҙең менән уртаҡлашҡым килә, – тинем һәм бер ниндәй пафосһыҙ, бер ниндәй лозунгыһыҙ кешенең тәбиғәткә хужа була барыуы, кешенең үҙ ихтыяры менән тиҙҙән теләгәндә ямғыр яуҙырып, теләгәндә уны ҡыуҙырып ебәрәсәге тураһында һөйләнем һәм һүҙемде «Һөйөнсө» шиғыры менән бөтөрҙөм. Нисек ҡабул иткәндәрҙер – быныһын белмәйем, бик тулҡынландым...» (13.04.61). Башта һағайыбыраҡ ҡараһа ла, заманды дер һелкетеп алған ваҡиғалар, ер менән күк, кеше менән ғаләм мөнәсәбәтендәге үҙгәрештәр Рәми Ғариповтың да күңеленә, ижадына көндән-көн нығыраҡ үтеп инәсәк. Кешелек яҙмышындағы тарихи ваҡиғаны – 1961 йылдың 12 апрелендә совет космонавты Юрий Гагариндың тәүге тапҡыр ер шарын урап ҡайтыуын уға тиклем үк яҙылған «Һөйөнсө» шиғырын уҡып ҡотларға әҙер булыуы үҙе үк шағир ижадындағы үҙенсәлекле эҙләнеүҙәр, табыштар хаҡында асыҡ дәлилләй. Егерменсе быуаттың илленсе йылдар аҙағындағы тарихи ваҡиғаларға бәйле шәхес яҙмышы, кешенең ауыр хеҙмәтен еңеләйтеү тураһында уйланыуҙар Рәми Ғариповҡа Гагариндың осоуына тиклем үк тынғы бирмәй. 1960 йылдағы ҡуйын дәфтәрендә шиғыр ҡараламалары араһында ошо киҫәк тә бар: «Ракета һәм... Ракета айға барып етә. Был мине ғәжәпләндермәй. Быға мин тик ғорурмын. Ләкин мине тимер юлда барған һайын бер күренеш ғәжәпләндерә, борсой һәм ғазаплай: тимер юлында лом тотоп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп, һыҙланам мин. Тартып алып айға ырғытаһы ине ошо ломдарын!.. Ерҙәге ҡыҙҙар уны тотмаһын ине» (1.03.60). Нәҡ шул йылда «Тимер юл» шиғыры яҙылды бит. Уның тыуыуына бына ниндәй уйланыуҙар этәргес биргән икән. Шиғырҙағы йөрәк өшөткәс күренештәрҙе һуғыш килтергән бәхетһеҙлектәр, һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар, күпме ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡыуанысһыҙ яҙмыштарына бәйләп кенә түгел, йыһанды яулау кеше хәлен яҡшыртырлыҡмы, йәшәү кимәлен күтәрерме тигән һорауҙар менән дә бергә аңлатырға кәрәк булып сыға. Айға ҡул һуҙабыҙ! Ә ерҙәге Бына шул эштәргә кешенең Ниңә әле һаман ҡулы етмәй? Был эш хәҙер ҡыҙҙар эшеме? Һорауымдан күңел өшөнө... Әҙәбиәттә лә, ижтимағи фәндәрҙә лә бындай һорауҙарҙы ул заманда бик үк биреп бармайҙар ине шул. Еңеү эйфорияһы баштарҙы әйләндергәйне. Рәми Ғарипов иһә мәсьәләгә әлеге эйфория хөкөм һөргән дәүерҙә лә бөтөнләй башҡаса ҡараған. 1961 йылғы ҡуйын дәфтәрендә нәҡ 12 апрелдә – Юрий Гагарин дың йыһанға осоп, Ер шарын урап ҡайтҡан көнөндә шағир төрлөсә яҙып ҡараған ҡаралама бар. Ул «Ете ҡат куккә мендек» тип башлана. Ундағы юлдар араһында «Йәшен булып атылды ла, урап сыҡты Ер шарын. Бөтә донъя күрҙе бөгөн беҙҙә шундай ир барын» тигән һүҙҙәр ҙә, «Ай көн ине, көн ине, яҙғы сыуаҡ көн ине» тип, ҡобайырға күсергә тырышҡан урын да бар. Был юлдарҙы ул әлеге митингка әҙерләнгәндә һыҙғалағандыр. Ләкин шиғыр килеп сыҡмай, һоҡланыу шағирҙың йөрәк кисерешенә, күңел талабына әйләнеп етмәй. Әле Рәмиҙе иң ныҡ борсоғаны, көндәлек эштәрендә тынғы бирмәгәне йыһан менән ер бәйләнешенән бигерәк кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең йыш ҡына әҙәмсә булмауы. Бигерәк тә совхоз, район хужаларының уны аңлап еткермәүҙәре, комсомол етәксеһе булараҡ мәсьәләләрҙе тураһын ярып һалғанына һәр саҡ ҡаршы сығыуҙары эштә ҡулға һуҡҡан һымаҡ була. Рәми Ғарипов бер ҡасан да етәкселәргә яраҡлаша, ярамһаҡлана белмәне. Урын биләгән һәр бер кешегә түрә тип баш эймәне. Эш өсөн янған, халыҡ тип ең һыҙғанып тырышып йөрөгән хужаларҙы һәр саҡ ололаны. Ләкин шағир өсөн иң ҙур авторитет, иң бөйөк даһиҙар әҙәбиәттәге остаздары ине. Улар алдында түбәнселек менән баш эйергә әҙер. Административ эштәр, йыйылыштарҙағы ялҡытҡыс һүҙ һөйләүҙәр артыҡ күп ваҡытты ала, шуныһы эсте ныҡ бошора. Нисек тә яһалма көйләү-хәйләләү уға бөтөнләй ят. Күпме кәрәкмәгән ҡағыҙҙар тултырырға тура килә. Бөткөһөҙ кәңәшмәләр. Шуларҙың береһенә ҡыш уртаһында йәмһеҙ ырашҡы яуғанда ат ыҙалап барғанда юлда «Ырашҡы» исемле шиғыр тыуҙы. Башҡорт шиғриәтендә бындай етәкселек тураһында әйткәндәре һирәк ине: Елгә еленләп гел, Боҙға быҙаулар бер кешене Тыңларға бар, имеш, Кәңәшмәгә... Юрт, турыҡай! Тиҙерәк!.. Өшөнөм!.. Тағын бына ул ҡағыҙын еҫкәр, Бирер үҙендә юҡ аҡылды. Ҡасан шулай ҡағыҙ иттек икән Ысын йөрәк, Ысын ялҡынды? Һүҙҙәр, һүҙҙәр... Ҡасан эш башланыр? Килә бөгөн шуны һорашҡым. Күкрәп ямғыр яуһын! Ер сатнаһын, Тик булмаһын ине ырашҡы!.. Бындай ялҡытҡыс кәңәшмәләрҙә күңелгә ҡапыл шиғыр килә башлаһа, залдан ҡасырҙай булаһың. Совхоз директоры Рәшит Кинзин да, КПСС-тың Салауат районы комитеты беренсе секретары Мәргән Сабитов та дөйөм эш өсөн үҙҙәренсә көнөн-төнөн тырышалар, әммә уларҙың ҡәтғи, ҡайһы саҡта тупаҫ административ бойороҡтарын, халыҡҡа екеренеүгә тиклем барып етеүҙәрен шағир һис кенә лә ҡабул итә алмай. Ижад менән көндәлек эштәр араһындағы тартыш арта барған һайын күңел нығыраҡ өҙгөләнә. Шиғырҙарҙың йыш килеүе ҡанатландырғыс ҡыуаныс булһа ла, бөтмәҫ мәшәҡәттәр арҡаһында ҡанаттарыңды киреп осор сағыңда оса алмау йәнде иҙә. Ижадсы һәр көн яҙырға тейеш – был аксиома, әлбиттә, әммә шул режимда йәшәйем тиһәң, совхоздағы вазифаңды оноторға кәрәк. Яңыраҡ бәләкәй Азаматты өләсәһенә алып барғас, Гөлмәрйәм төшөн һөйләгәйне. Шағир көнө буйы әсәһенең шул төшөн уйлап йөрөнө. Эштән ашығып ҡайтып, ҡатыны менән Салауатты концертҡа ебәрҙе лә тиҙ генә яҙышырға ултырҙы. Бер тынала «Төштәр» шиғыры тыуҙы. Бына шул май кисендәге илһамлы мәлдә ҡағыҙға төшкән шиғырҙың һуңғы юлдары: Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап Әйталмайһың һин был төштәргә... Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың Атайҙарҙан ҡалған эштәргә. Шатлығы эсенә һыймаған Рәми яңы яҙылған шиғырын үҙенең ғәҙәттәгесә тәүге уҡыусыһына – концерттан ҡайтҡан ҡатынына уҡый. Башҡортса ла, руссаға мәғәнәһен тәржемә итеп тә уҡып күрһәткәс, уға шиғыр оҡшай, тик аҙағын башҡасараҡ бөтөрөргә, «Бындай төштәрҙе беҙҙең ҡатындарға күрергә яҙмаһын ине» тигән фекерҙе әйтергә ине тигән кәңәш бирә. Рәми был кәңәш менән килешһә лә, башта үҙ һүҙендә ҡала: уныңса, шиғырҙа артығын аңлатып тороу кәрәкмәй, ҡабатлау китер һымаҡ. Ләкин «Төштәр»гә артабан барыбер ошо һуңғы строфа – Надежда Васильевна әйткән фекер – өҫтәлә, «Һабантурғай йырҙары» китабында шиғыр ошолай тамамлана: Егерме йыл үткән, егерме йыл! Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән... Инде беҙ кермәһәк ине тағы Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә! «Төштәр» шиғыры һуғыш башланыуға егерме йыл тулыр алдынан ғына тыуған, һаман да һыҙланыуҙары бөтмәгән яра булып ҡалған изге темаға яуҙа һәләк булған һалдат улы Рәми Ғарипов үҙенең тос һүҙен әйтә алған. Тол ҡалған әсәләрҙең һағышы хаҡындағы шиғри юлдарға тәрән кисерешле яңы һүҙҙәр ҡушылған. «Төштәр» шиғырын ижад итеүҙә шағир ҡатынының да үҙенсә ҡатнашып китеүе ҡыҙыҡлы: тыңлағандан һуң әйткән фекере уның шиғриәтте нескә тойоуы, ижади тәбиғәтле шәхес булыуы хаҡында раҫлай. Салауат районында йәшәгән йылдар Надежда Васильевнаның рухи үҫешендә бик мөһим осор булды. Уның өсөн өр-яңы мөхит асылды: башҡа төрлө тәбиғәт, башҡа милләт кешеләре, бөтөнләй башҡаса көнкүреш, ғәҙәт-йолалар. Арҡауылда, аҙаҡ район үҙәгендә йәшәгән саҡта йәш ғаилә ниндәйҙер матди байлыҡтар йыймаһа ла, шағир ҡатыны оло хазинаға эйә булды: башҡорт телен башҡортса һөйләшерлек, йырларлыҡ, хатта уҡырлыҡ дәрәжәлә өйрәнә алды. Үҙенең дә, Рәмиҙең дә тырышлығы менән икеһе өсөн дә ошо мөҡәддәс эште еңеп сыҡтылар, ҡуйған маҡсаттарына ирештеләр. Мәскәү студентының: «Мин Надяның биш йыл эсендә башҡорт телендә уҡый-яҙа аласағына ышанам. Ул 1960 йылда минең был уйҙарымды уҡып көлөрлөк буласаҡ», – тигән һүҙҙәре ысынға сыҡты. Был хәлгә Ғариповтар ғаиләһендәге көнкүреш ғәләмәте тип кенә ҡарарға ярамай. Шағирҙың ҡатыны башҡа милләттән икән, иренең телен өйрәнмәй тороп, барыбер ысын бәхет күрмәйәсәк. Балалары ла аталарының ижадын уның телендә аңлау бәхетенән мәхрүм буласаҡ. Араларында тел барьеры тора икән, рухтарын бер-береһенән айыра түгелме? Надежда был барьерҙы алып ташланы, балалары ла аталарының телендә тәрбиәләнде. Бәғзе берәүҙәр быға артыҡ иғтибар итмәҫкә лә – ғаилә мәсьәләһе, ир менән ҡатынға ғына ҡағылған эш тип ҡарарға мөмкин. Ләкин нисек кенә булмаһын, иренең телен өйрәнгән башҡа милләт ҡатыны оло ихтирамға лайыҡ. Совет йәмғиәтендә ҡатнаш никахтар һәр ваҡыт күккә күтәреп маҡталды. Был күренеш бигерәк тә егерменсе быуат аҙағына табан бик ныҡ таралды, илдәге милләттәр араһында ҡатнаш никахтар һаны буйынса башҡорттар тәүгеләр рәтендә ине. Бәғзе халыҡтар юғары белем буйынса алғы сафта барҙы, беҙҙә – башҡорттарҙа иһә ҡатнаш никахтар артҡандан-артты. Ҡатнаш никахтың да үҙенсә стереотиптары барлыҡҡа килде. Башҡорт егете рус ҡыҙына әйләнә йәки башҡорт ҡыҙы рус егетенә кейәүгә сыға икән, мотлаҡ рәүештә тиерлек рус телле ғаилә барлыҡҡа килде, рус телле балалар үҫте. Татар менән ғаилә ҡорған башҡорт кешеһе лә бик йыш шундай ассимиляцияға эләкте, балалар менән аралашыу ҙа татар телендә барҙы. Хатта башҡорт ауылына төшкән килендәр ҡартайып өләсәй булғанда ла татарса һөйләшеүҙәрен онотманылар. Бындай хәлдәр башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының ғаиләләрен дә урап үтмәне. Был йәһәттән Надежда менән Рәми Ғариповтар матур үрнәк булдылар. Бәғзеләр туғандаш телдә һөйләшергә өйрәнә алмағанда, рус ҡатыны, бик күптәрҙе хайран ҡалдырып, башҡортса һөйләшергә өйрәнде, шиғырҙар уҡыны. Быға ирешеүе еңел түгел, әлбиттә. Һөйөү һәм ихтирам уға ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткәндер. Өс һәләтте бергә ҡушҡанда Ижад йортонда бер ай илһамланып эшләп ҡайтҡас, Рәми эшен алмаштырырға уҡталып та ҡуйғайны. Ләкин яҙҙы игенселәр менән баҫыуҙа башлағас, көҙгө уңышты йыймайынса уларҙан нисек айырылаһың? Хужалыҡ мәшәҡәттәре менән әүрәп, көндәр бер-бер артлы үтә торҙо. Ярай әле ҡәләмдәштәре менән һирәк-һаяҡ булһа ла аралашып тора. Яҙын Рәйес Низамов килде, Мәсетле мәктәбендәге бик шау-шыулы йыйылышта булдылар. Рәйес бында редакцияға яҙылған хат буйынса хәбәрсе булараҡ хәлдәр менән танышырға килгән, милли мәсьәләгә нисек ҡарауҙары менән ҡыҙыҡһына. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, уҡытыусылар араһында балаларҙы башҡорт тип кәмһетеүселәр, ташбатыр, күҙле бүкәндәр, сусҡалар тип ҡушамат тағыусылар, милләт айырыусылар бар. Уҡытыусылар ике төркөмгә бүленгән. Ата-әсәләр, педагогтар менән шығырым тулған ҙур кластағы йыйылыш төнгө берҙәрҙә генә бөттө. Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Рәми Ғарипов күптән инде бергә йыйылып, иркенләп һөйләшергә хыяллана ине. 1961 йылда ниәттәре тормошҡа ашты: Рафаэлдең тыуған ауылы Йыланлыла йәй көнө, ниһайәт, осраша алдылар. Һөйләшер һүҙҙәр, бер-береһенә уҡыр яңы шиғырҙар бик күп йыйылған. Рәми Ғариповтың 1961 йылдың 12 июлендә башлап, тамамланмайынса ҡалған «Уйҙар» шиғырындағы «Һөйләшәһем килә, дуҫҡай» тигән ихлас өндәшеүҙәре өс ҡәләмдәштең осрашыуындағы кисерештәр менән бик ауаздаш. Рәми ҡәләмдәштәренең ижад шатлыҡтарына ихлас ҡыуана. Ул Өфөнән Арҡауылға күсеп киткәс, Марат Кәримовтың «Йырҙың дауамы» тигән икенсе китабы баҫылып сыҡҡайны, йыйынтыҡ тураһында Нур Зарипов, Әхиәр Хәкимов матбуғатта йылы һүҙҙәр яҙҙы. Әле Марат «Яңы йондоҙ күрҙем» тигән өсөнсө китабын нәшриәткә тапшырған, киләһе йыл донъя күрәсәк. 1960 йылда Рафаэль Сафин «Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе» тигән икенсе китабын ҡулына алды, уны күпме әҙәбиәт һөйөүселәр, бигерәк тә йәштәр, студенттар бик яратып уҡыны. Ҡәләмдәштәренең тормошондағы тағы ла бер бик мөһим ижади аҙым Рәми өсөн айырыуса ҡыуаныслы яңылыҡ булды: улар икеһе лә шиғырҙарын руссаға тәржемә итеү буйынса бик мөһим эш башҡарғандар. Был турала башҡорт әҙәбиәтенең айырым үрнәктәрен рус теленә тәржемә итеү, шуның аша башҡа милләттәрҙең уҡыусыларын да таныштырыу хаҡында уларҙың өсөһөнөң дә быға тиклем борсолоп һөйләшкәндәре булды. Борсолмаҫлыҡ та түгел: СССР-ҙағы ҡайһы бер халыҡтарҙың эпостары, айырым классиктары тураһында донъя белә, ә бай башҡорт фольклоры бындай иғтибарға лайыҡ түгелме ни? Шағирҙарҙан Мәжит Ғафури әҫәрҙәре русса сыҡһа ла, тәржемә эше әле бик осраҡлы башҡарыла. Һуңғы ваҡытта Мостай Кәрим ил күләмендә киң танылып килә, уның Михаил Дудин, Ирина Снегова, Елена Николаевскаялар менән хеҙмәттәшлеге һәйбәт уңыштар бирә. Өсөһө лә Мәскәү мәктәбен үткән: Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов башҡа халыҡтарҙың шағирҙары менән үҙ быуынының ҡәләмдәштәре араһынан күберәк аралашҡан. Улар союз күләмендәге әҙәби мөхит менән төплөрәк таныш, тәржемәнең әһәмиәтен яҡшы аңлай. Быйыл Мәскәүҙә «Молодая гвардия» нәшриәтендә Марат Кәримовтың «Весенние почки», Рафаэль Сафиндың «Весна на Юрюзани» исемле китаптары сығып килә. Иптәштәре бына шундай яңылыҡ та алып килгән, ниндәй яҡшы хәбәр! Рәмиҙең дә төрлө тәржемәселәр менән эшләп ҡарағаны булды, әммә күңеленә хуш килгән һәйбәт үрнәктәр әлегә килеп сыҡмай. Эш араһында ғына быға ирешеп булмаясағын, был эшкә бик талапсан, эҙмә-эҙлекле тотонорға кәрәклеген ул яҡшы аңлай. Киләсәктә ижадҡа тотошлайы менән күскәс, быға форсат табылыр тип өмөтләнә. Был осрашыуҙа Рәми Ғариповтың һағынып күрешкән ҡәләмдәштәре алдында ҡулына тотоп һөйләшерлек, автограф яҙып бирерлек яңы китабы юҡ. 1959-1960 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналында уның бер генә шиғыры ла баҫылманы. 1958 йылғы шиғриәт тураһында уйланыуҙарында Рәми Ғарипов шиғырҙарына ҙур урын, юғары баһа биргән Ғайса Хөсәйеновтың артабанғы йыллыҡ байҡауҙарында уның исеменең телгә алынмауы шуға бер ҙә ғәжәп түгел. Ләкин Әй буйҙарына, Йыланлы ауылына Рәми күтәренке кәйеф менән килде. Ҡулында яңы сыҡҡан китабы булмаһа ла, ауылға ҡайтҡас яҙылған, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙары ҡалын йыйынтыҡ булырлыҡ. Байтаҡтарын дуҫтарына уҡыны, уларҙың һаман тыңлағылары килде. Рәми бик инәлтеп торманы, туйғансы бер күңелен бушатты. Уның уҡығандарынан ҡәләмдәштәре алдында ауыл тормошо, замандаштарҙың уй-кисерештәре бөтөнләй яңыса асылып китте. Ижад йортонан алып ҡайтҡан диңгеҙ шәлкемен дә оҡшаттылар. Ауылда йәшәү шағирға ныҡ килешкән, бик ырамлы үҫеш юлы үткән. «Яҡташтарың иген иккәндә, һин шиғыр тиреп кенә ултыраһыңмы әллә?» – тип, уйынлы-ысынлы һорап ҡуялар. Егерменән артыҡ ауылды берләштергән, райондың төп таянысы булған совхоздың йәштәре менән эшләп тә шул тиклем шиғырҙар яҙырға ҡайҙан ваҡыт еткермәк кәрәк? Рәми үҙенең ҡаты эш режимын бәйнә-бәйнә һөйләп торманы. Тик комсомол эше менән айырылыр ваҡыттың яҡынаясағы, ижади мөхиткә яҡыныраҡ булырға ниәтләнеүе хаҡында һүҙ ыңғайында ғына әйтеп ҡуйҙы. Йәмле йәйҙең ҡыҫҡа төнө шиғырҙар уҡып, ижад, мөхәббәт хаҡында уй-хыялдарға бирелеп үтеп тә китте. Рәми Ғариповтың бынау шиғыры бөтәһен дә тағы ла нығыраҡ хисләндереп ебәрҙе: Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!.. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде... Алыҫ-алыҫ йондоҙ – Һиңә ул ҡыҙ, Төшөңдә лә осоп етмәҫһең. Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа Төш күрергә баҙнат итмәҫһең. Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең, Кисерәһең үҙең әсеңдән! Бер йылмайып ҡарауы ла уның Оло бер туй яһай хисеңдә! Оло бер туй!.. Ләкин был туйҙың бит Һин кейәүе түгел – ҡунағы... Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа – Етмәгәнме һиңә шул тағы?.. «Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең йөрәгемдә утлы миң булыр» тип яҙған Рәми мөхәббәт хаҡында өр-яңы һүҙҙәр таба алған. Был юлдарҙа шағирҙың ниндәйҙер яңы кисерештәр үткәргәне, яңы уттарҙа янғаны бөркөлөп тора. Был хаҡта дуҫтарының белгеһе килһә лә, Рәми үҙенең шәхси донъяһын хатта яҡын кешеләренә лә бик тиҙ генә асып барыусыларҙан түгел. Барыһын да нисек аңлатып бөтөрәһең, ҡалғандарын «үҙең күр ҙә үҙең бел инде...» Был осрашыуҙа өс ҡәләмдәш бер уй-хыял менән дәртләнеп, бик үҙенсәлекле ҡарарға килделәр: бергәләшеп ижад йортона барырға! Өсәүләп, йәғни авторҙаштар булып, пьеса яҙырға! Башҡорт әҙәбиәтендә күрелгән хәл түгел. Күрелмәгән икән – күрерҙәр. Тарих ундай хәлдәрҙе белә. Ильф менән Петров икәүләшеп ана ниндәй атаҡлы әҫәрҙәрҙе – «Ун ике ултырғыс» менән «Алтын быҙау»ҙы яҙған. Ә ниңә Рафаэль, Марат, Рәми үҙҙәрен һынап ҡарамаҫҡа тейеш? Ҡарттар ҡырҡ көн буйына йыйыныр юлға йәштәр йәһәт кенә ҡуҙғалып сығып китә. 1961 йылдың август урталарында Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Рафаэль Сафин яҙыусыларҙың Мәскәү өлкәһендәге Малеевка ижад йортона килеп төшә. Һәм өс ҡәләмдәш тырыша-тырыша күмәкләшеп пьеса яҙырға тотона. Бында бик йәһәт киленһә лә, эштәр «һә!» тигәнсе эшләнмәй. Ижад йортонда ла гел генә уңышлы ижад ителмәй икән. Башлауын дәррәү башлап ебәрәләр. Тәүге шаршауҙың беренсе күренешен яңынан яҙғас, бөтөнләй һәйбәтләнеп киткән һымаҡ. Ҡыуанысынан көндәлегенә Рәми былай тип яҙа: «Ғөмүмән, беҙҙең элекке сәхнә балалар уйыны ғына булып ҡалды. Ә хәҙер беҙ – драматургтар. Беҙҙең алда кешеләр яҙмышы, тере кеше характерҙары. Был күренеш алдағы бөтә күренештәргә асҡыс булып тора. Ямал менән Ғәйшә образдары ғәжәп матур килеп сыҡты. Юлдаш та бөтөнләй терелеп китте. Ә тел!.. «Мостай ағай көнләшерлек» тинем мин егеттәргә» (2.09.61). Бергәләп диалогтар төҙөйҙәр, илһамланып көлөшә-көлөшә эшләйҙәр. Кистәрен Малеевканың матур ылыҫлы урмандары буйлап йөрөргә сығып китәләр. Ҡыҙҙар менән танышалар. Көндәр күңелле үтә. Эш барышында бәхәстәр тыуа, персонаждарҙың артабанғы үҫешен һәр кем үҙенсә күрә. Һәр авторҙаш үҙ фекерен яҡлай. Сиратлап кәзәләнеп тә алалар, ныҡ ҡына үпкәләшкән саҡтар ҙа була. Совет йәмғиәтендәге мещанлыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән был пьесаны егеттәр, үҙҙәренсә тәржемә итеп, шул дәүерҙең иң абруйлы театр белгестәре Владимир Пименов менән Инга Вишневскаяға уҡып күрһәтәләр. Улар байтаҡ кәңәштәр әйтәләр. «Иң ҙур етешһеҙлек – сәхнә әҫәрҙәренең бер яҡлы булыуында һәм характерҙа драматик элементтың бик пассив булыуында. Характерҙар үҫеш динамикаһында бирелмәй... Беҙ бик ҡаты тәнҡитләндек, ләкин был тәнҡит беҙгә иң кәрәкле тәнҡит булды, сөнки иң ихлас, иң киң күңелдән бирелгән кәңәштәрҙе ишетеп, беҙ үҙ көстәребеҙгә нығыраҡ ышандыҡ», – тип яҙып ҡуя Рәми был һөйләшеүҙән һуң (2.09.61). Көстәренә нығыраҡ ышанһалар ҙа, эштәрен әллә ни ырата алмайҙар. Үҙҙәре өсөн был ят жанрға ҡул һелтәп, ҡайһы саҡта Рафаэль менән Марат бильярд уйнай, Рәми шиғырҙар яҙа. Вишневскаяға яңынан уҡып ҡараһалар ҙа, яҙылғандары бик үк хупланмай. Шағирҙарҙың бик дәртләнеп тотонған был эштәре уңыш менән тамамланмай. Ҡыҫҡаһы, пьеса килеп сыҡмай. Рәми Ғариповтың архивында ошо драма жанрындағы тәжрибәнең башта Рәми, унан һуң Марат, артабан Рафаэль ҡулы менән яҙылған айырым һыҙмалары һаҡланған. Унда сағыу диалогтар ҙа, тапҡыр һөйләшеүҙәр ҙә, мауыҡтырып алып китерлек текстар ҙа юҡ. Һәләтле, тәжрибәле шағирҙарҙың драма өлкәһендә бөтөнләй тәжрибәһеҙ булыуҙары ярылып ята. Ләкин төп сәбәп унда ғына түгел, күрәһең. Һүҙҙең ҡәҙерен белеүсе һәр ижадсы әҙәбиәттең барлыҡ тармағында берҙәй үк маһирлыҡҡа ирешә алмаҫҡа ла мөмкин. Ижадсыға үҙенең ижадсы тәбиғәтен, һәләтенең асылын, мөмкинлектәрен аңлау, шуларҙы үҙ ваҡытында уҡ белеп ҡалыу үтә лә мөһим. Байтаҡ йылдар буйына урта ҡул шиғырҙар баҫтырып, хатта үҙенсә шағир булып һаналып та, аҙаҡ үҙен һәйбәт проза әҫәрҙәрендә асҡан үҙенсәлекле, фәһемле яҙмыштар бар. Әгәр ундай автор сәсмә жанрҙарға күсеп, үҙенең ижад һәләтен күрһәтмәгән булһа, төҫһөҙ шиғырҙары менән күптән онотолор ине. Төп юлыңды нығыраҡ белер өсөн башҡа жанрҙарҙа ла үҙеңде һынап ҡарау зарур. Рәмиҙең, Мараттың, Рафаэлдең өсәүләп пьеса яҙып ҡарауҙары бына шундай һынау булды. Һынау уңышҡа килтермәне. «Пьеса тураһында һуңғы бәхәс иртәнән үк башланды. Марат менән беҙ беренсе күренешкә ҡайһы бер өҫтәлмәләр керетә башлағайныҡ, Рафаэлгә был оҡшаманы. Марат пьесаны ташлап сығып китте. ...Башҡаса бындай хеҙмәттәшлеккә йоғонаһым да юҡ. Бер баланың өс атаһы булмай!» (7.09.61). Ниндәй киҫкен һүҙҙәр әйтә Рәми. «Пьеса минең өсөн юҡ, ә ниндәй яҡшы пьеса булырға тора ине!.. Ғүмер булһа, мин үҙем берәй пьеса яҙып ҡарармын, ләкин башҡалар менән ҡатышып, инде бер юллыҡ әйбер ҙә яҙасаҡ түгелмен. Был драма миңә ғүмер буйы онотмай торған һабаҡ булһын!..» (8.09.61). Өс ҡәләмдәш был пьесаны яҙғанда йыш ҡына өсөһө өс яҡҡа тарта. Бигерәк тә Рәми менән Рафаэль араһында бик ҡаты һөйләшеүҙәр булып ала. Хатта ун өс йыллыҡ дуҫлыҡ селпәрәмә килгән һымаҡ. Ижади бәхәс бик сетерекле нәмә, сөнки бындай фекер бәрелешендә ҡатнашыусылар үтә тиҙ йәрәхәтләнә торған, шул уҡ ваҡытта бик үҙ һүҙле кешеләр. Ҡаршылыҡтың тәрәнгә китеүе мөмкин. Эйе, ижад йорто һәр ваҡыт ижад шатлыҡтары ғына килтереп тормай. Рәми Ғариповтың, Рафаэль Сафиндың, Марат Кәримовтың Малеевкалағы триумвираты башҡорт драматургияһында триумф тыуҙырманы. Ынтылыштар өс тарафтан бер маҡсатҡа йүнәлтелһә лә, тарҡалмаҫлыҡ өстаған булып берекмәне. Хатта өс һәләтте бергә ҡушҡанда ла мотлаҡ һәләтле әҫәр тыумай икән шул. Үҫеш юлында бындай тәжрибә туплау ҙа кәрәк. Бер ай барыбер бушҡа ғына үтеп китмәне. Пьеса менән эш килеп сыҡмаһа ла, байтаҡ шиғырҙар яҙылды, уҡыуға ла ваҡыт табылды. Шағирҙың яҙмышында көтөлмәгән осрашыуҙар күп була. Әле утыҙ йәше лә тулмаған саҡта – бигерәк тә. Малеевкала Рәми ижад йортонда эшләүсе Женя исемле зәңгәр күҙле ҡыҙ менән осрашып йөрөй. Женя шағирға эҫенеп китә. Рәми иһә был бәйләнешкә башҡасараҡ ҡарай. «Зәңгәр күҙле ҡыҙыҡай, ысынлап та, ҡыҙ булып сыҡты – теймәнем. Бик аҡыллы ҡыҙ, бер-беребеҙҙең фекерҙәрҙе яҡшы аңлаштыҡ, буғай. Сәғәт төнгө өскә тиклем һөйләштек» (10.09.61). Шул уҡ төн, һуңғы сәғәттәр хаҡында: «Кисә ул ҡыҙ минең плащты ямап бирҙе. Төндә хушлаштыҡ. Күҙҙәрендә тоҙло йәш. Әй, бала!.. Бәлки, бер ҡасан да күрешмәбеҙ. Ҡыҙыҡ был тормош: осрашып таныш та, бик яҡын кешеләр булғас, мәңгегә хушлаш, имеш. Ниндәй ахмаҡ хәл. Ә мин уйнап ҡына күрешеп йөрөнөм, ҡатындыр тип уйлағайным, яңылыштым. Бының менән уның хәтерен ҡалдырҙым, буғай. — Иң яратҡан ағасың нимә? — Ҡайын. — Ярай, мин һинең тыуған көнөңә берәй ҡайын ултыртырмын... Рус ҡайыны. Хуш бул, ғәйепләп иҫкә алма!» Ошо «ямаулы ғишыҡ» Рәмиҙең тормошондағы ҡыҫҡа ғына бер ваҡиға, әлбиттә. Ләкин шағирҙың кешеләргә мөнәсәбәтен, рухи донъяһын, намыҫ талаптарын үҙенсәлекле асыусы ваҡиға. Ғүмер ошондай осрашыуҙарҙан, айырылышыуҙарҙан ғибәрәт. Улар көн дә булмай, күптәре кеше яҙмышында әллә ни ҙур эҙ ҙә ҡалдырмай. Ләкин һәр береһе тормошоңдоң айырылғыһыҙ өлөшө. Шағирҙың нескә күңеле иһә бындай мәлдәрҙе оҙаҡ онота алмай. Оноттом тигәндә лә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күңелеңә тамырланып өлгөргән кешенең ҡарашы ҡапыл күҙ алдына килеп, һине йылдар аша өтөп ала. Ижад йорто менән хушлашҡан саҡта Рәмиҙең донъя көтөүе өсөн бик хас деталде – ғәҙәттәгесә кеҫәһе таҡыр сағын күрәбеҙ: «Малеевканы ҡалдырып, автобуста Дороховаға киттек. Минең автобусҡа ла, поезға ла аҡса юҡ. Билеттарҙы Ҡолмой алды». Был ваҡытта Малеевкала ижад йортонда шағир Яҡуп Ҡолмой ҙа була. Бер көн инеп, Рәмигә бында яҙған яңы шиғырҙарын уҡый. Яҡуп Ҡолмой Мәскәү янында шанлы генерал Доватор ғәскәрендә Мәскәүҙе һаҡлап ҡыйыу һуғышҡан, ҡаты яраланған һыбайлы яугир. Был яҡтарҙы яңынан күреү уның күңелендә шул йылдарҙың хәтирәләрен терелтә, шағирҙың «Ҡайын да мин» исемле билдәле шиғыры яҙыла: Ҡайын да мин. Беҙҙе эҙләп килгән Мина ерҙе уйып ярылды. Бер ярсығы минең тәнде бүҫте, Береһе – яраланы ҡайынды. ...Елдәр иҫһә, ҡайын тертләп китә, Һуты аға яра эҙенән. Мине уттан һаҡла тигән һымаҡ, Ул Мәскәүгә ҡарап эйелгән. Был әҫәре менән Яҡуп Ҡолмой башҡорт шиғриәтендә һуғыш хаҡында яҙылған иң көслө юлдарға үҙенең ҡабатланмаҫ һүҙен өҫтәй алды. Яугир ағайҙарға һәр ваҡыт оло ихтирам һаҡлаһа ла, Ҡолмой яңы яҙғандарын уҡығанда Рәми уларҙағы бөҙрә һүҙҙәр, тапалған юлдар тураһында үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ әйтмәйенсә булдыра алманы. Тура һүҙгә яуап юҡ, шул уҡ ваҡытта тураһын әйткән – туғанына ярамаған. Ләкин Ҡолмой ихлас кеше, күңелендә үпкә йәки асыу һаҡлап йөрөй торғандарҙан түгел. Өҫтәүенә, ул Рәми Ғариповтың шиғри талантын бик юғары баһалай, уны ныҡ хөрмәт итә. Күңелләнеп алған саҡтарында «Мин – кавалерист!» тип, үҙенсә егетләнеү ғәҙәте бар, әммә ғәҙел, баҫалҡы кеше. Уның исеменә бәйле ҡайһы бер һүҙҙәр телдән телгә күсеп йөрөй. Үҙе һымаҡ уҡ бер фронтовик-шағир алдына, уның йыш ҡына йомшаҡ әҫәрҙәр баҫтырыуына ишара яһағандай, бер буш шырпы ҡабы ҡуя ла, кавалерист Яҡуп: «Бына һинең ижадың!» – ти. Был хәл ҙур ғына ғауға ла тыуҙырып ала. Тағы ла шундай бер ваҡиғаны хәтерләйҙәр. Нәҡ алтмышынсы йылдарҙа Заһир Исмәғилев Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә «Былбылым»ды яҙа, был әҫәр тиҙҙән бик ҙур дан-шөһрәт яулай, атаҡлы йырҙы бөтә халыҡ яратып тыңлай, яратып йырлай. Яҡуп Ҡолмойҙоң хәйләһеҙ холҡон яҡшы белгән йәш шағирҙар ағалары осраған һайын «Былбылым»ды иң юғары эпитеттар менән үлтереп маҡтай башлайҙар. Был тиклем маҡтау һүҙҙәренән күңеле иреп киткән Ҡолмой ҡустыларын бик йомарт һыйлап ташлай. Бер ваҡыт йәш ҡәләмдәштәре менән «Ағиҙел» ресторанында ултырғанда моңло тауышлы Рафаэль Сафиндан үҙенең мәшһүр «Былбылым» йырын йырлатып, Яҡуп Ҡолмой тағы ла үҙенең йомартлығын күрһәтә. Бына ошо ҡәләмдәше менән Рәми Дорохованан Мәскәүгә китеп бара. Көндәлектә ошондай һүҙҙәр һаҡланасаҡ: «Яҡуп Ҡолмой ҙа был юлдан һуң миңә ниндәйҙер бер яғы менән яҡын булып ҡалды. Тупһыҙыраҡ, ләкин бынан һуң ул миңә яҡын кеше. Күңелдә ниндәйҙер килешеү: бөтә донъя менән туғанлыҡ хисен бәйләү бар миндә... Кешелә беҙ матурлыҡты эҙләмәй, унда тик тышҡа сығып торған насар яҡтарҙы ғына күреп өйрәнгәнбеҙ, уға бер яҡлы, үҙебеҙҙең бик шәхси мөнәсәбәттән генә сығып ҡарарға күнеккәнбеҙ түгелме? Был үҙ-үҙеңде артыҡ баһалауҙан, тик үҙеңде генә яратыуҙан килеп сыҡҡан рухи фәҡирлек, минеңсә» (12.09.61). Рафаэль менән Марат алдан ҡайтып киттеләр. Яҡуп Ҡолмой менән Дорохованан поезда Мәскәүгә китеп барғанда Рәми ижад йортондағы бер ай ғүмерен байҡап сыҡты. Әллә ни илһамлы үтмәһә лә, ижад сәмен тағы ла нығыраҡ ҡуҙғатты был көндәр. Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә тип, йырҙа юҡҡа йырламайҙар. Бына драматургтың хәлен улар хәҙер нығыраҡ аңлаған һымаҡ булдылар. Хәҙер Рәми шиғриәткә тағы ла мөкиббәнерәк инанасаҡ, сөнки яҙмышы тик шул шиғриәт икән. Ҡалған бөтәһе лә – шул шиғриәт тирәһендә. Яҙмышына яҙғанын, йәне теләгәнен ижадсы күрмәй ҡалмаясаҡ. Тәбиғәте ҡушҡас, Рафаэль Сафин байтаҡ йылдарҙан һуң барыбер башҡорт драматургияһында үҙенсәлекле характерҙар тыуҙырған драматург булараҡ та таныласаҡ. Марат Кәримов шиғырҙар менән бергә прозала ла эшләйәсәк, көлкөлө хикәйәләр оҫтаһына әйләнәсәк. Рәми Ғарипов иһә бөтә ғүмерен бары шиғриәт өсөн фиҙа итәсәк. Мәскәүгә килеп төшөү менән Рәми иң элек Әҙәбиәт институтына килде. Биш йыл уҡыған ер, бигерәк тә үҙе ултыртып киткән ағастар ныҡ һағындырған. Сирендәр матур булып ҡыуаҡланып үҫкән, ә миләштәр ҡып-ҡыҙыл тәлгәштәрен һалындырып, баҡсаны биҙәп ултыралар. Тирәктәр бөтөнләй һауаға олғашып бара. Рәми үҙ ҡулдары менән ултыртҡан һәр ағасты һөйөп, күрешеп йөрөнө. Үҙенең ҡайҙа барһа ла ағас ултыртырға ярата торған ғәҙәтенә үҙе ҡыуанып ҡуйҙы. Бына ошо сирендәр, миләштәр, тополдәр күпме йәштәрҙең серен тыңлар, Рәмиҙәрҙән һуң уҡыясаҡ нисәмә быуын студенттар ошо баҡсала осрашырҙар. Улар араһында, моғайын, Башҡортостан йәштәре лә булыр. Рәми ултыртҡан ағастар ошолай матур булып үҫеп китмәһә, бындағы ишек алды нисектер ҡотһоҙ күренер ине. Тик шыршыларҙың ҡороуы бик үкенесле. Уларҙы Лениндың тыуған көнөндә ҡайһылай тәрбиәләп ултыртҡайны, шатлығынан шиғыр ҙа яҙғайны: Алһыуланып апрель таңы ата, Мәскәү шауһыҙ, әле ул тып-тын. Институтым баҡсаһына илтеп, Мин өс кескәй шыршы ултырттым... ...Мәскәүемә һағынып килгән һайын Булырһығыҙ һеҙ ҙә уйымда. Күҙ алдыма бер студент килер, Тимер кәрәк тотоп ҡулына. Бөтә донъяны йәмләргә хыялланған ул студент әле лә күҙ алдында тора. Аҡыллы кешеләр әйтмешләй, ир кеше ерҙә бер ағас ултыртырға, йорт һалырға, ул үҫтерергә тейеш. Кешеләр үҙҙәренең аҡыллы баштары уйлап сығарған мәҡәлдәрҙе үҙҙәре тотһон, онотмаһындар ине ул. Һәр кем берәр ағас ултыртҡанда, донъя гөл-баҡсаға әйләнер ине бит. Был бурысын Рәми күпкә арттырып үтәне. Ултыртҡан ағастары араһында әлеге шыршылар һымаҡ ҡороғандары ла булғандыр. Ярай әле улар хаҡында шиғыр тороп ҡалған. Улдары ла үҫә Рәмиҙең. Өй һалаһы ғына ҡалған. Тик әле йорт төҙөү түгел, нисек ҡайтып етергә баш вата. Әҙәбиәт институтында Кәтибә Кинйәбулатованы, Нәжиб Асанбаевты, Нәжибәк Хафизовты күрҙе. Марат менән Рафаэль да бында булып сыҡты. Яҡташтар бында күп тә бит, тик береһе лә ҡайтыр юлға аҡса биреп тора алмай. Юғары әҙәби курстарҙа уҡып йөрөгән драматург Нәжиб Асанбаевтан биш һум алып тороп, Рәми СССР Яҙыусылар союзына китте. Унда һабаҡташтарын күрҙе, улары ла аҡсаһыҙ. Элекке курсташ студенттарҙан айырмалары юҡ. Шулай ҙа Әҙәбиәт фондынан 25 һум бирәләр, юлға билет алырлыҡ ҡына була. Әкрәм Биишев, Мөхтәр Сәғитов йәшәгән Черемушкинолағы аспиранттар ятағына ла һуғыла. Был дәүерҙә яҙыусыларҙың сағыштырмаса хәлле йәшәгән ваҡыттары, әммә уларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең осто осҡа саҡ-саҡ ялғағандары ла байтаҡ. Рәми бына нәҡ шулар затынан. Аҡса етмәү уны ғүмер буйы эҙәрлекләй торған бәләгә әйләнгән. Һис кенә лә ҡотолор әмәл юҡ. Үҙе мал тапмаҫ та егет түгел, ҡулынан эш килә. Уңған, тырыш. Ҡайһы саҡта әкренерәк ҡуҙғалһа ла, эште еренә еткереп эшләмәйенсә туҡтамай. Ләкин көнкүрештә тотанаҡлы булһа ла, аҡсаны ипләп тотона белмәй. Шиғырҙарында бик талапсан, һәр юлына һүҙҙәрҙе һайлап ала. Һүҙгә һаран, яҙғанда уларҙы бәрәкәтле файҙалана, әммә аҡса менән тотанаҡлы түгел. Ҡайһы саҡта алған гонорары дуҫтар араһында осоп бөтә: өйгә ҡайтып етмәй тиерлек. Дуҫ-иштәре өсөн кинәнес булһа ла, шағирҙың бындай йомартлығы ғаиләгә ҡыуаныс өҫтәмәй. Тапҡанын йыш ҡына әрәм-шәрәм итеүе арҡаһында аҙаҡ үҙенә лә бик ауырға тура килә. Мәскәүгә килеп, Рәми нисек инде Переделкиноны күрмәйенсә китһен?! Киев вокзалында, вагондарҙа һаман да шул уҡ тормош дауам итә: һөйләшәләр, көлөшәләр, йырлашалар, кәрт һуғалар... Тик хәҙер ҡысҡырып шиғыр уҡып барыусы кешеләр генә күренмәй. Әҙәбиәт институты студенттары хәҙер Мәскәүҙең үҙендә заманса ятаҡта йәшәйҙәр. Ул ятаҡ тиҙ арала баш ҡаланың бик билдәле урынына, йәш шағирҙарҙың тормошондағы төрлө мажараларға бәйле легендар төйәккә әйләнеп бара. Көҙгө эңер төшөп килә, таныш урындарҙы ҡараңғылыҡ сорнай башлаған. Барған юлының шағир тиҙҙән осона сығасаҡ, ә уйҙарҙың осона сығырлыҡ түгел. «Был юлдан тәүге ҡабат студент булып йөрөгән көҙҙән һуң ун йыл үтеп киткән... Ун көҙ, ун ҡыш, ун яҙ, ун йәй... Әйтерһең, мин хәҙер бер ҡасан да студент булмағанмын, был тормошто ниндәйҙер китаптан ғына уҡып беләм, ә бит шул юлдан минең бөтә киләсәгем, бөгөнгөм башланған, шул юлдан минең икенсе мөхәббәтем башланған...» Моңһоу уйсан эңергә ҡарап барыу үҙенән-үҙе әллә күпме хәтирәләрҙе тағата. Надяны ун йыл элек ошо юлда тәүге тапҡыр күрә, ошонда таныша. Тәүҙә ҡыҙыҡһынып ҡыҙыҡайҙы күҙәтеп йөрөй. Башта татар ҡыҙылыр тип уйлай, еврейка түгелме тип тә уйлап ҡуя, шунан нисектер сиған ҡыҙына оҡшата башлай. Уның ҡап-ҡара оҙон керпектәре араһынан һирпелгән моңһоу ҙа, осҡонло ла ҡарашына һоҡлана. Уның тәбиғәтенә әле йәшәгән тормошо бер ҙә тура килмәгән һымаҡ – шуныһына ғәжәпләнә студент. Ҡыҙҙы яңынан күргән һайын егеттең һынсыл ҡарашы үҙенә-үҙе туҡтауһыҙ һорауҙар бирә, төпсөнә, тикшеренеү үткәрә: «Өҫ-башына ҡарағанда ул ҡасандыр бик бөтөн генә йәшәгән, ләкин аҙаҡ бөлөп ҡалған бер интеллигент ғаиләһенән булырға тейеш. Һәр ваҡыт ҡулына китап тотоп йөрөүе лә, вагонға кергәс үк, ултырып китап уҡый башлауы ла шул хаҡта әйтеп торғандай бит. Унан һуң тағы ла бер сәйер күренеш – ул ниндәйҙер иҫке хәрефтәр менән яҙылған, революцияға тиклем сыҡҡан күн тышлы, тик букинистарҙа ғына осрай торған китаптарҙы уҡый. Тимәк, уларҙың үҙҙәренең бай ғына китапханалары бар йәки шундай китапханалары булған берәй таныштары, китап һөйә торған, ғөмүмән, әҙәбиәт йәки сәнғәткә бик яҡын булған кешеләре бар...» Йәш кешенең ололарға хас күҙәтеүҙәре тормошсан булып сыға. Ҡыҙ менән ныҡлап танышып китер алдынан ошондай төпсөнөүҙәр үткәреүенә Рәми хәҙер үҙе лә аптырап бара. Ныҡлап һөйләшеп алып китеүҙәренә лә ҡыҙҙың ҡулындағы китап – «Горе от ума» сәбәпсе була: «Шулай итеп, был юлда беҙҙе бөйөк рус драматургы илсе Грибоедов таныштырҙы...» Мөхәббәтендә лә Рәмигә китап юл күрһәтә. Уның йәшәйеше китаптан айырылғыһыҙ, уй-ҡылыҡтары ла ҡайһы саҡта китапса булып китә. Таныш юлдан барғанда күпме иҫтәлектәр яңынан терелде. Яңғыҙың юл йөрөгәндә ярай әле һиңә уйҙар юлдаш, ҡәҙерле хәтирәләр оҙатып йөрөй. Уларһыҙ бик күңелһеҙ булыр ине. «Юл буйынса шулай уҙғандар тураһында иҫтәлектәргә сумып барыр йәшкә лә еттекме ни?» – тип һиҫкәнеп ҡуйҙы шағир. Әгәр тормошоңда һағынып хәтерләр кешеләрең, кисергән ваҡиғаларың юҡ икән, донъяла йәшәүҙең ни йәме? Бөгөн ашаған табағына иртәгә ниндәй ҡалъя төшөр тип ҡайғыртыуҙан башҡаны белмәгән бәндәләр аҙмы ни? Шул көнгә ҡалырға яҙмаһын. Ғәзиз хәтирәләренән, ҡәҙерле уй-хыялдарынан, һөйөклө кешеләренән, яратҡан китаптарынан айырмаһын. Булған ерендә ағас ултыртыу ғына түгел, тыуған ауылында бынамын тигән йорт та ҡалҡытып ҡуя алыр ине Рәми, төҙөлөш эшен ярата ул. Ләкин уның төп хәстәре – шиғриәттә кешеләрҙең күңелен нурға ҡойондорорлоҡ үҙенең яҡты бинаһын төҙөү. Поезд Переделкиноға килеп туҡтаны. «Иҫке таныш һуҡмаҡ, таныш тирәктәр, таныш баҡсалар, дачалар һәм бына Надяларҙың өйө... Ҡапҡа бикле, ҡапҡа төбөндә генә мин ултыртҡан һыуһар ағасы (бында ла Рәмиҙең таныш почергы – Р.Б.). Ул инде өй ҡыйығына тиклем булып үҫкән, ай яҡтыһында уның емештәре ҡарайып күренә. Ҡапҡа аша һикереп төшәм дә, сәскәләр, алма ағастары, сейә ҡыуаҡтары аша үтеп, өҫкө верандаға күтәрә торған иҫке баҫҡыс күтәрмәһенә баҫам. Ашыҡмай ғына күтәрелеп, ишек шаҡыйым. Эстән ҡәйнәм ҡарсыҡтың таныш тауышы ишетелә...» (12.09.61). Тағы ла шағир тормошоноң ғәжәп йәнле бер киҫәге хәтерҙән китмәй торасаҡ: Рәми ултыртҡан һыуһар ағасы ул юҡта ҡыйыҡҡа етеп үҫкән, әле ай яҡтыһында емештәре ҡарайып тора. Рәми Ғарипов тормошто шағир күңеле менән һиҙгер тойоу өҫтөнә деталдәрҙе үткер прозаик күҙе менән дә теркәй. Прозаик һәләтенең тамамланған художество әҫәрҙәре булып һынланып ҡалмауы бик үкенесле, әлбиттә. Йылдар үтеү менән Рәми, бәлки, драма әҫәрҙәре лә яҙа алыр ине. Ныҡлап прозаға тотонһа, туплаған тормош тәжрибәһе, кешеләрҙе аңлай белеүе, бик диҡҡәтле ҡарашы уны моғайын уңышҡа юлыҡтырыр ине. Фараз итеүҙән хәл үҙгәрмәй. Шағирҙың көндәлек яҙмалары – уның үҙенсә прозаһы, ундағы күпме деталдәр заман үҙенсәлектәрен һәм кеше яҙмыштарын тулыраҡ аңларға ярҙам итә. Ижад йортонда көндәр тамамланып, Өфөгә ҡайтырға йыйынып йөрөгәндә Рәми кешелектең иң кешелекле шағиры тип, Пушкиндың ошо шиғырын үҙенең элекке тәржемәһендә яҙып ҡуя: Асыуланма, ҡайғырма һин, Алдаһа әгәр тормош. Килмәй булмаҫ, килер шат көн, Тик һин йәшәргә тырыш. Йөрәк йәшәй киләсәктә, Күңелһеҙ тик бөгөнгә. Һәр ни китә, һәр ни үтә, Ә үткән хуп күңелгә... Шиғырҙан һуң ошо һүҙҙәрҙе өҫтәй: «Ҡайғыңды бына шулай еңеләйтә белергә лә, кешеләргә ышана белергә лә бик кәрәк. Ә тормош ул, нисек кенә булмаһын, барыбер... яҡшы!..» (12.09.61). Нимә был: шағирҙың яңы тормош тәжрибәһе туплауымы әллә донъяға фәйләсүфтәрсә тыныс, бер ни тиклем ирониялы ҡарарға тырышыуымы? Был шиғыр, унан һуңғы һүҙҙәр Рәми Ғариповтың күңелендә бик етди ҡарарға әҙерлек барғанлығын, яҙмышында мөһим аҙым яһарға йыйынғанлығын раҫлап тора. Бик тиҙҙән ҡарар ҡабул ителде, аҙым яһалды. Комсомолда, һуңғы көнөм бөгөн... Мәскәү яҡтарында Малеевка ижад йортонда йөрөп ҡайтҡандан һуң бер нисә көн үткәс, 1961 йылдың 21 сентябрендә, Рәми Ғарипов «Комсомол» (поэмаға) тигән һүҙҙәрҙе яҙа. Әҫәрҙе «Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн, һуңғы көнөм ун биш йылымдың» тигән юлдар менән башлай. Блокнотта уның өс строфанан торған һәм: Алып китер минең йәшлегемде Башҡа ҡыҙҙар, башҡа егеттәр. Һағышлы ла, ләкин шатмын да мин: Улар ҙа бит беҙҙең кеүектәр, – тигән юлдар менән тамамланған ҡараламаһы һаҡланған. Ошо уҡ дәфтәрҙә «Комсомолға» тигән исем менән яңы вариант яҙыла. Шағир уны артабан эшләгән, шиғыр беренсе томға 1962 йылғы әҫәрҙәр рәтендә индерелгән. «Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн» – был юлды Рәми комсомол менән хушлашыр, унан сығыр ваҡыт еткән өсөн генә яҙманы. Шағир комсомол эшенән китәсәк, күңеле барыбер йәштәр менән ҡаласаҡ: Мин бит һиндә йәшем менән түгел, Ә йәшлегем менән йәшәнем. Билетымды шуға тапшырмайым, Һаҡлап ятһын йәндең йәш мәлен. Хуш, комсомол! Бир ҡулыңды, дуҫҡай, Тик онотма кәрәк саҡтарҙа, Саҡыр мине, саҡыр ауыр саҡта, Мин булырмын алғы сафтарҙа. Ике йыл Рәми баҫыу, ферма эштәре, йәштәр хәстәре менән йәшәне. Яҙмышы уларҙың яҙмышынан айырылғыһыҙ булды. Эш тип янып, ғаиләһенә етерлек ваҡыт бүлә алмағанын яҡшы беләләр. Ҡараламалар араһында ошондай юлдар бар: Ағас киҫеүселәр, көтөүселәр, Һауынсылар, ауыл ҡыҙҙары Һырып алғандар ҙа ҙур өҫтәлде, Өҫтәлдә ут яна ҡыҙарып... Ябай ғына аҫмалы шәм уты, Ҡараңғыны еңә шулай ҙа. Шул ут яҡтыһында улар минең Һуңғы шиғырҙарҙы тыңлайҙар... Йә көләләр улар, йә тын ҡалып, Тағы уҡығанды көтәләр. Таң әтәсе ҡысҡырғанда ғына Өйҙәренә ҡайтып китәләр. Аңлаймы һуң улар шиғырҙы? – тип, Матурлыҡты тойоу хаҡында, Йыйылыштан ҡайтҡас, бәхәсләшеп, Хаҡһыҙ һүҙ ишетәм ҡатындан. Рәми Ғариповтың «Өндәшмәү» (1961) шиғыры: Һүҙе лә бар миндә һандуғастың, Күҙе лә бар миндә бөркөттөң, – тигән тапҡыр юлдар менән тамамлана. Шиғырҙың тәүге редакцияһындағы (26.01.60): Эшем оҡшай миңә – ауыр ҙа ул, Ҡыҙыҡлы ла кеше яҙмышы. Ошо яҙмыш үҙ тормошом һымаҡ, Яҡын һәр саҡ: йәй, көҙ, яҙ, ҡышын. Шулар ҡыуанысым, йыуанысым, Ары торһон йоҡоң, бал-майың. Был, әлбиттә, һиңә бер ни түгел, Ә мин шунһыҙ йәшәй алмайым. ...Киңерәк һәм тәрәнерәк кеүек, Мәғәнәлерәк кеүек күңелгә... Ә һиндә бит шулар бөтәһе лә Үҙ зарҙарың менән күмелгән... ...Миңә йәл тик үткән көндәребеҙ, Миңә йәл тик йәтим балабыҙ. Ә башҡаса ниндәй фәҡирбеҙ беҙ, Ниндәй алыҫ беҙҙең арабыҙ, – тигән юлдар, тағы ла бер нисә строфа «Өндәшмәү»ҙең һуңғы тексына инмәгән. Иренең һәр яңы шиғырын йотлоғоп тыңлаған, үҙенең кәңәштәрен әйтә торған ҡатыны ла шағирҙың хәлен ҡайһы саҡтарҙа аңлап еткермәгән. Шуға бәйле тыуған ҡайһы бер урындарҙы Рәми Ғарипов аҙаҡ шиғырҙарына индереүҙе кәрәкле тип тапмаған. Сөнки иң мөһиме ундай аңламау-үпкәләүҙәр түгел. Эш менән булып, хатта әсәһенә лә тейешле иғтибар күрһәтә алмауына, хатта әсәһе менән ҡай саҡ аңлаша алмауына шағир үҙен-үҙе ҡәһәрләй. Тағы ла бына ҡаралама көйө баҫылмай ҡалған шиғырҙарҙың береһенән өҙөктәр (22.04.61): Инәкәйем, ғәзиз инәкәйем, Күп уйланам һинең турала. Үткәндәрең, киләсәгең бөгөн Бер төйөнгә килеп урала. Урала ла килеп бер төйөнгә, Сисалмайым ошо төйөндө. Барып керһәм һиңә, ниңә шулай Үкһеҙ күрәм тыуған өйөмдө? ...Тик мин бөгөн, ниҙер эшләй алмай, Ҡулым бәйләнгәнен һиҙәмен. Ауыр миңә көләс күҙҙәреңдә Ҡорос ҡатылығын күреүе. Әллә ҡалай тыуған тупһа аша Ят кешеләй атлап инеүе. Комсомол секретарының тынғыһыҙ тормошо ике йыл буйына бына шулай үтә. Шәхси мәнфәғәттәрҙән совхоз эше һәр саҡ өҫтөнөрәк. Таңдан сығып китеп, һуңлап ҡайтып кереүҙәр ғәҙәткә ингән. Әсәһе менән ихлас һөйләшеп ултырырға ваҡыт еткерә алмай. Ҡатынына ла ике йәш бала менән совхоз идараһында эшләп йөрөүе еңел түгел. Ғаилә эсендә ел-дауыл да булғылап ала. Ундай мәлдәрҙә Рәми тағы ла эшкә нығыраҡ сума, әле күк атында, әле туратында ауылдан ауылға саба, көндәрен дә, төндәрен дә йәштәр араһында үткәрә. Быларынан да бигерәк һуңғы айҙарҙа яҙылырға торған шиғыр юлдары менән үтелергә тейешле совхоз юлдары араһындағы, йырҙар менән һыйырҙар араһындағы тартыш. Тыуған ауылына ҡайтып, яҡташтары менән уртаҡ эштәрҙә янып йәшәү, эйәрҙән төшмәйенсә баҫыуҙан баҫыуға сабыуҙар, ҡышҡы бурандарҙа ла сыҡҡан юлдан кире боролмайынса алға атлығыуҙар шағирҙың яңы ижад һулышын асты, уны яңынан илһам толпарына атландырҙы. Шиғырҙар серле сылбыр һымаҡ бер-береһенә үрелеп артҡандан-арта. Ләкин илһам арғымағына ваҡыт еткерерлек түгел, ә ул бик наҙлы йән, иғтибарың етмәһә, көйһөҙләнергә, осоп китергә генә тора. Һуңғы ваҡыттарҙа ҡанатлы толпар йыш сығынлай, янына совхоз аттарын ебәрмәйенсә тибешә башланы. Шағир нисек тә уларҙы яраштырырға тырыша, аттар тураһында яңынан-яңы шиғырҙар башлай. Ләкин илһам Пегасы уны үҙенә нығыраҡ арбай, нығыраҡ тарта бара. Уттай эш ваҡытында – август-сентябрь айҙарында – бигерәк тә үҙе йәшәгән төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн ураҡтың иң ҡәҙерле көндәрендә совхоздың комсомол етәксеһе Рәми Ғариповтың әҙиптәрҙең ижад йортонда ҡәләмдәштәре менән пьеса өҫтөндә эшләүе ҡайһы аттың үҙенә нығыраҡ тартҡанлығына шик ҡалдырмай. Август башында ул бесәнселәр менән тирләп-бешеп кәбән ҡоя, 8 августа «Кәбән» исемле ҡойоп ҡуйған шиғырын яҙа. Һәм бер нисә көндән бесәнселәрҙән дә, игенселәрҙән дә айырылып, ижад хәстәрҙәре менән алыҫ юлға сығып китә. Ҡуйын дәфтәренә теркәлгән был яҙма (26.07.61) шағирҙың көндәлектәрендә юҡ: «Һауыттың төбөндә ятҡан һыу түгелермен, кәмермен тип ҡурҡмай, ә ташып торған һыу бына түгеләм, бына кәмеймен тип мөлдөрәп тора. Шуның кеүек, бик бәләкәй тормош менән йәшәгән кеше лә үҙенең хайуанса йәшәүе тураһында бар тип тә белмәй, ә уйланған, үҙ яҙмышын аңлаған кеше үҙенең аҙ ғына артҡа ҡалыуынан да ҡурҡа. Бәйгелә алда килгән аттың хәле һәр саҡ ҡурҡыныс...» Был һүҙҙәрҙе яҙғанда Рәми Ғарипов, бәлки, остазы Мостай Кәримдең «Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ» тигән ҡанатлы юлдарын хәтерләгәндер. Ә бына бер үк ат бер юлы ике бәйгелә лә саба аламы һуң? Рәми бына шулай йәшәргә тырышып ҡараны. Дөрөҫөрәге, бәйгелә ике ат алмаш-тилмәш сапты. Совхоз атынан Рәми илһам толпарына һикереп менде, унан тағы ғәҙәти малҡайға атланды. Былай күсеп ултырыуҙарҙың да сиге була, күрәһең. Көсөм бөтөр тип ҡурҡманы, сайпылыу ғына тиһең, ташып-түгелеп тә йәшәлде. Ләкин ижад донъяһы һине үҙенә бер уптымы – ул упҡындан һис тә сыҡҡы килмәй. Шул татлы ғазаптар ҡосағында ҡалғы килә, донъя мәшәҡәттәрен онотҡо килә. Ер аты менән һауа толпарын тибештермәйенсә бергә тотоуы торған һайын ҡыйынлаша бара. Рәми Ғариповтың совхоздағы һуңғы осорҙа эш менән ижад араһында икегә бүленеп йәшәүе тураһында уйланғанда Малеевкала яҙып ҡуйылған бер эпизодты иҫкә алмайынса булмай: «Бөгөн мин Вишневская менән һөйләшерҙән алда Юлдаш менән Зөһрә диалогын яңынан ҡарап, бер аҙ төҙәтмәләр керетеп ултырҙым. Юлдаш ауыл хәлдәре тураһында һөйләгәндә, партияның яңы программаһын да телгә ала. Марат кереп, минең төҙәтмәләрҙе ҡарап сыҡты ла: — Программаны ла ҡыҫтырған, – тип көлөп ҡуйҙы. Миңә ғәжәп: ни өсөн быға бер ирония менән ҡарарға? Бөтә ил хәҙер шул турала шаулай, бөтә тормош шул программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн әллә күпме драмалар тыуҙыра торған бер көрәшкә әйләнәсәк. Бөтә киләсәк, халыҡтың бөтә тормошо шул программаға бәйләнгән... Әгәр беҙҙең геройҙар, был хаҡта уйламаһалар, хатта уны телгә алырға ла ҡурҡһалар, беҙ ниндәй яҙыусылар һуң? Беҙ үҙебеҙ ҙә шул уҡ мещан, обывателдәргә әйләнәбеҙ түгелме? Ғәжәп, шул хәҡиҡәтте белер өсөн дә беҙ бер Вишневскаяның ауыҙына ҡарап ултырырға тейешбеҙ инде. Көлкө хатта!.. Етмәһә, Вишневская беҙҙең пьеса менән таныш та түгел! Беҙ уларға тәүге күренеште көс-хәл менән генә тәржемә итеп һөйләп биреүенән пьеса тураһында ул капитальный бер фекер әйтеп бирергә тейеш инде... Был хаҡта әйткәс, Рафаэль туҙынып китте, мине ниндәй генә етешһеҙлектәрҙә ғәйепләмәне... — Һин генә беләһең дә, һин генә дөрөҫ! — Һин, Рәми, әллә ниндәй бер яҡлы! — Һин, әйтерһең, драматургияның бөтә закондарын белеп бөтөргәнһең. — Һин вообще үҙ һүҙле кеше. — Һинең менән бергә эшләһәм, мин бөтөнләй һинең менән эшләй алмаған булыр инем. — Бел, Рәми, һинең бөтә етешһеҙлектәрең, бөтә трагедияң әнә шул үҙеңдең характерыңдан... һ. б., һ. б. Быларҙы миңә Рафаэль бармағын ултырғыс арҡаһына һуға-һуға һөйләй, һөйләмәй, ә ҡысҡыра. Хәленән килһә, бәреп тә йығыр ине!.. Минең бөтә мөхәррирҙәр менән булған ҡаршылыҡтарҙы ла ҡаҙып сығара. Өйҙәге хәлдәрҙе лә миңә бер ғәйепләү акты итеп ташлай. Минең ауылға ҡайтып китеү ҙә, унда комсомолдар менән эшләп йөрөү ҙә ниндәйҙер бер утыҙынсы йылдар хатаһы...» (6.09.61). Рәми ҙә яуапһыҙ ҡалмай: «Һин, Рафаэль, көн һайын фекереңде алыштырып торма. Ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шул яҡҡа елберләп торған сепрәк булмаһын кеше фекере». Ошо бер һөйләшеүҙә генә лә өс ҡәләмдәштең өс төрлө холоҡ-ҡылығын: Марат Кәримовтың ирониялы ҡарашын, бәхәстәргә бик ҡыҫылып бармауын, Рафаэль Сафиндың ярһып китеп вәғәзгә бирелеү әүәҫлеген, Рәми Ғариповтың тура һәм үҙһүҙлелеген төҫмөрләргә мөмкин. Реаль тормош эсендә ҡайнап, уның аяуһыҙ ҡаршылыҡтары менән көн дә йөҙгә-йөҙ бәрелешеп йәшәһә лә, Рәми ваҡиғаларҙы һаман да романтиктарса ҡабул итә, кешеләрҙең эштәрен максималист ҡәтғилеге менән баһалай. Уның ауылға китеүенә ниндәйҙер утыҙынсы йылдар хатаһы тип ҡараусылар Рафаэль Сафиндан башҡа ла аҙ булмағандыр. Ләкин ун йылдан артыҡ яҡындан белгән иптәшенең Рәмигә: «Һинең бөтә етешһеҙлектәрең, бөтә трагедияларың әнә шул үҙеңдең шундай характерыңдан!» – тип ҡысҡырып әйтеүендә лә үҙенсә хаҡлыҡ бар ине бит. Рәми Ғарипов бер ҡасан да яраҡлаша белмәне, гел генә хаҡлыҡты яҡланы, кешеләргә хәйләһеҙ ышанды. Бындай характер менән, әлбиттә, йәшәүе еңел түгел. Ҡайһы саҡта хатта хаталанғаныңда ла үҙ һүҙле булып ҡалыу яҙмышҡа ҡатмарлыҡтар өҫтәй. Ләкин быға ҡарап ҡына кеше үҙенең холҡон үҙгәртә алмай. Шағирҙың ауылға эшләргә ғаиләһе менән күсенеп ҡайтырға теләүен хуплаған район, колхоз етәкселәре үҙҙәренең әйткән-бойорғандарын һис бер ҡаршылыҡһыҙ үтәп йөрөүсе ярҙамсы булыр, ҡәләме менән уларҙы республикаға данлар тип өмөт иткәндәрҙер. Үҙ ҡарашын принципиаль яҡлар шәхес алдарына килеп баҫыр, тип уйламағандарҙыр. Рәми иһә баштан уҡ баш бирергә теләмәй, ер кешеләре, бигерәк тә йәштәрҙе яҡлай, ғәҙеллекте даулай. Рәми Ғариповтың «Шағир-зоотехник дуҫым Марс Закировҡа» тип арнап яҙған «Ҡыҙ тыуғас» тигән ошондай шиғыры бар: Малай ғына көтөп йөрөгәндә, Бисәкәйең һиңә ҡыҙ тапты! Ҡыҙың менән ҡотлап, бына һиңә Бүләк итәм ошо китапты. Тыумаһалар шиғырҙарың, Көймә! Күберәк ижад ит һин ҡыҙҙарҙы. Үҫеп һылыу булғас, Шағирҙар бит Шиғыр яҙыр, маҡтап уларҙы!.. Марс Закиров үҙе лә һәйбәт шиғырҙар яҙа, «Йүрүҙән» тигән популяр йырҙың (В. Мөхәмәҙиев көйө) авторы. Рәми менән улар дуҫлашып китәләр. Һарғамыш бүлексәһендә зоотехник булып эшләп йөрөгән Марсты Рәмиҙең тәҡдиме буйынса комсомол секретары итеп һайлап ҡуялар. Йыйылыштан һуң Рәми Ғарипов шиғырҙар уҡый. Ярты төн үтһә лә, атына атланып ҡайтып китә. Юлға сыҡҡанда Марстың 32-се калибрлы мылтығын, алты яһау һорап ала. «Ҡайтҡансы бөтә патрондарҙы атып бөтөрҙөм», – тип һөйләй ул аҙаҡ. Рәми бер йыл эшләгәс тә, уны урынынан алырға, яңынан һайламаҫҡа тигән ҡарарға килә совхоз етәкселәре. Ләкин йәштәрҙең яратҡан шағирын уларҙан еңел генә айырырлыҡ түгел. Марс Закиров былай тип хәтерләй: «Рәми урынына комсорг булырға ризалығымды алырға тырыштылар. Быны иптәшкә хыянат тип һананым. Совхоз директоры Кинзин, парторг Райнановтың тырышлыҡтары бушҡа китте. Улар Рәмиҙең тура һүҙен яратып еткермәне. Комсорг булып Рәми үтте». Инде икенсе тапҡыр һайлауҙарҙа шағир үҙенең кандидатураһын күрһәтеп тормаясаҡ. Йәштәр уның эшләүен бик теләһә лә, ҡарарҙы үҙгәртеү юҡ. «Комсомолға шул да ярар, тиеп, бер сығынсы күк ат бирҙеләр» тип башланған, әммә тамамланмай ҡалған «Күк ат» исемле шиғырында Рәми Ғарипов Йүрүҙән буйҙарындағы комсомол эшмәкәрлеген, үтелгән юлдарын байҡап, былай тип яҙҙы: Байып барған ҡояштан да өркә, Өркә яңы тыуған айҙан да... Сип-сип килеп йөрөгән бәпкәнән дә, Кисеүҙәге ташлы һайҙан да... Ә шулай ҙа беҙ дуҫлаштыҡ, Уң ҡанатым булды күк атым. Айырылған саҡта күк атымдан Ҡайырылыр һымаҡ ҡанатым. Хуш бул атым, минең уң ҡанатым, Мин онотмам һине ғүмергә. Күпме юлдар үттек, һыуҙар кистек, Уйҙар уйлай-уйлай беҙ бергә. Барыр ергә һәр саҡ барып еттек, Хөрмәт итте беҙҙе һәр ауыл. Өркөтмәне беҙҙе тынғыһыҙ эш, Ҡурҡытманы беҙҙе ел-дауыл. Теләмәйсә ҡаршы алһалар ҙа, Оҙатҡанда дуҫтар оҙатты. Маҡтанылар миңә һине аҙаҡ, Ен дә уҙмаҫ тиеп был атты. Беҙ уйлаған уйҙар, тормош булып, Тамыр йәйер, япраҡ ярырҙар. Минең итек, һинең даға эҙе Юйылмайса оҙаҡ ҡалырҙар. Ниҙәр генә эшләмәй һуң ерҙә Ҡорсаңғы ат менән таҙ малай... Ләкин ярап булмай түрәләргә, Күпме эшләһәң дә аҙ, малай. Комсомол йәшлеге менән ошолай моңһоу йылмайып хушлаша шағир. Рәми итегенең, күк ат дағаһының эҙҙәре барыбер юйылыр, ә бына ошо юлдарҙа тыуған уйҙар, ошо ерҙә ижад ителгән шиғырҙар халыҡ күңеленә юйылмаҫлыҡ булып уйылыр, башҡорт шиғриәтенең иң аҫыл биттәрендә алтын тамға булып һаҡланыр. Рәми Ғариповтың уйҙары әле был хаҡта түгел, әлбиттә. Әҙәбиәттең, телдең киләсәге тураһында һәр саҡ борсолһа ла, унда үҙенең урыны хаҡында уйланғаны юҡ. Әле ул «Һарғамыш» совхозының II комсомол конференцияһында әйтер һүҙе, тотасаҡ иҫәп-хисап телмәрен уйлай. Шул осорҙа совхоздың Мәсетле бүлексәһе комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгән Зилә Ғәббәсованың иҫтәлектәрендә Рәми Ғарипов докладындағы ҡайһы бер фекерҙәр килтерелә. Хәтирәләр авторы раҫлауынса, һүҙен шағир былай башлап ебәрә: «Комскомитет секретары булараҡ, бөгөн мин һеҙҙең алда һуңғы тапҡыр сығыш яһайым. Конференцияла беҙҙең комсомол ойошмаһы тормошонан күп нәмәләр тураһында һөйләргә теләр инем... Мин бында кемдең кем икәнлегенә, абруйына ҡарамаҫтан, әйтергә тейешле һүҙемде телгә алмай ҡалмаясаҡмын...» Артабан, иҫтәлектә әйтелгәнсә, шағир былай ти: «Был отчет осоронда мин, ғөмүмән, бик ауыр шарттарҙа эшләнем. Үткән отчет-һайлау конференцияһындағы тәнҡитем өсөн миңә һәм яңы һайланған комскомитет ағзаларына ҡарата иң түбәнселекле процесс ойошторҙолар»; «Комскомитет ағзаларын миңә ҡаршы тауыш бирергә мәжбүр итеү маҡсатында сәғәт ярым буйы «эшкәрттеләр», баш тартҡан өсөн уларҙың бөтәһен дә политик өлгөрмәгәнлектә ғәйепләнеләр...» Был экзекуляцияла ҡатнашҡан етәкселәрҙең исемдәре атала. Үҙенең һуңғы сығышында комсомол секретары бик күп етешһеҙлектәрҙе асып һала. Был хаҡта уның беренсе тапҡыр ауыҙ асып һүҙ әйтеүе түгел, етәкселәргә ултырыштарҙа ҡат-ҡат иҫкәртте, тик файҙаһы булманы. Әле барлыҡ йәштәрҙең иғтибарын шуға йүнәлтә. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә, моғайын, хәтеренә яңыраҡ – быйыл 30 июлдә яҙылған ошо шиғыры килгәндер: Көтмәгәндә мин дошманың булдым, Дөрөҫлөктө әйттем һиңә... Бына инде юлда осраның да Ҡул да бирмәй киттең миңә. Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем, Сәләмемде алмаһаң да. Күҙҙәреңә тура ҡараным мин, Тура ҡарай алмаһаң да... Йәнәһе, һис мине күрмәйһең дә: Ситкә ҡарап күҙ аттың һин. Меҫкен кеше! Меҫкен! Бының менән Үҙеңде тик юғалттың һин!.. Рәмиҙең күҙ алдында күптәр үҙ-үҙҙәрен юғалттылар. Шағир иһә иң ҙур бәҫен һаҡлап ҡала алды: үҙ йөҙөн, үҙ һүҙен юғалтманы. Комсомол секретары булараҡ һөйләгән һуңғы телмәрен дә ул яҡын көрәштәштәренең, фекерҙәштәренең дә, уны асыҡтан-асыҡ һәм аҫтыртын күрә алмаусыларҙың да күҙҙәренә тура ҡарап әйтте. Иҫтәлектә Рәми Ғариповтың тағы ла ошо һүҙҙәре килтерелә: «Әгәр бөтә был күренеш үкенесле булмаһа, бик тә көлкөлө килеп сығыр ине. Миңә ярҙам итеү урынына райкомдағы иптәштәр бөтөнләй киреһен эшләне. Быйыл райком тарафынан күрһәтелгән конкрет ярҙам хаҡында райком секретары Шафиҡов иптәш үҙе әйтеп ҡараһын әле. Минеңсә, ул булманы ла. Яңы партком яғынан да бындай ярҙам күрһәтелмәне. Комскомитет секретары булып ике йыл эшләүем дәүерендә совхоз комсомол ойошмаһының эше тураһындағы мәсьәлә парткомда бер генә тапҡыр ҙа ҡаралманы. Үҙебеҙ уларҙы тәүге ултырышҡа уҡ саҡырһаҡ та, совхоз етәкселеге комскомитеттың бер генә ултырышында ла ҡатнашманы. Ғайнанов ҡунаҡҡа сығып китте, ә Кинзин беҙҙең ултырышта ултырыуға ҡарағанда мунсала йыуыныуҙы яҡыныраҡ күрҙе. Һуңынан беҙ уларҙы комитет ултырыштарына саҡырмай башланыҡ, комитет ағзалары эшкә һүлпәнәйҙе...» Комитет ағзалары ғына түгел, секретарь үҙе лә эшкә һүлпәнәймәй ҡалмағандыр. Шулай булмаһа, яуаплылыҡ тойғоһон бер ваҡытта ла юғалтмаған Рәми яҡташтары йыл буйы көтөп алған ураҡҡа төшкәндә әллә ҡайҙа олағып сығып китмәҫ ине. Үҙенең яҙмаларын Зилә Ғәббәсова былай тип бөтөрә: «Быларҙың барыһы ла – Рәми ағайҙың үҙ һүҙҙәре. Шағирҙың «Янып сыҡһын һүҙем – йәшенем» тигәне кеүек үк, бюрократизмға, таш күңеллелеккә ҡаршы ниндәй ауыр көрәш алып барыуын уның ошо фекерҙәренән дә күҙ алдына килтерергә мөмкин» («Башҡортостан», 13.09.94). Өҙөлөп һағынып ҡайтһаң да, тыуған яғың һине йырлап ҡына ҡаршы алмай, күңелдәрең тулышып, айырыла алмай торһаң да, арҡаңдан ҡағып, иркәләп кенә оҙатмай. Әсәйең дә, Ватаның да гел йылмайып баҡмай, һынсыл, ҡырыҫ ҡарауы, бәлки, күберәктер. Замандаштарыңдың алдыңда һайрағандары, артыңда ҡарғағандары бар. Яҙмыш кешеләр менән ниндәй генә хәлдәрҙә осраштырмай. Донъяның асылы үҙенең һәммә ҡаршылыҡтары, бөйөклөктәре, түбәнлектәре менән күңеленә инә. Кешеләр менән нығыраҡ аралашҡан һайын туған халҡы Рәми Ғариповҡа ғәзизерәк була барҙы. Бурандарында сәсәп, ямғырҙарында күшегеп, баҫыуҙарҙа ҡунып, ташҡын йылғаларын аша сығып, мәңгелек тәбиғәттең асылын нығыраҡ аңланы. Яҙғанда ла, һөйләгәндә лә дөрөҫлөктө яҡларға тырышты. Һыбай булһа ла, йәйәү атлаһа ла, һайлаған юлынан тайпылманы. Тәүге күҫәк Рәми Ғарипов яңынан үҙе өсөн күптән таныш мөхиткә әйләнеп ҡайтты: 1961 йылдың 17 октябренән Салауат районының «Октябрь юлы» газетаһына хаттар бүлеге мөдире итеп эшкә алынды. Республика матбуғатында байтаҡ тәжрибә туплаған журналист өсөн бындағы хеҙмәт ритмына инеп китеү артыҡ ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. «Әгәр минең ҡулдан килһә, һине комсомолда ла, район газетаһында ла эшләтмәҫ инем. Өфөгә саҡырып алыр ҙа, яҙырға ултыртыр инем. Кеше ҡайҙа файҙалыраҡ, шунда булырға тейеш», – тип әйтеүселәр ҙә булды. Теләктәре изге, кәңәштәре дөрөҫ тә бит, тик уларҙы тормошҡа ашырыуы ни тиклем ауыр икәнлеген шағирҙан да яҡшыраҡ кем генә белһен. Өфө ни тиклем һағындырһа ла, ҡолас йәйеп ҡаршы алмаясаҡ: унда бер кис ҡунырлыҡ урыны ла юҡ. Бында эшкә күскәс, Малаяҙҙа юлаусылар йортонда йәшәй башланы. КПСС-тың XXII съезы барған көндәр. Бында йәшәүселәр Шолоховтың шундағы телмәре тураһында һөйләйҙәр. Яҙыусының сығышын Рәми ҙә радионан һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы, «Минең телмәрем был, минең уйҙарым», – тип, ихлас ҡабул итте. Яңыраҡ Сталинградты Волгоград тип үҙгәрттеләр. Бындай яңылыҡтар шағирҙа бик ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙырҙы. Ҡайһы саҡта ризалашҡан да һымаҡ, ләкин уҙғандарҙы күңелдән нисек тамыры менән аҡтарып ташламаҡ кәрәк. Күпме совет һалдаттары менән бергә Йәғәфәр Ғарипов та ошо ҡала өсөн башын һалған, ошо ҡаланың емеректәре араһында күпме тетрәнеүҙәр кисерҙе үҫмер Рәми үҙенең һабаҡташтары менән... Хәҙер килеп легендар Сталинград ниндәйҙер Волгоградҡа әйләнһен, имеш. Ҡағыҙҙа үҙгәртеүе еңел, күңелдәген юйып ташлап ҡара! «Эйе, мәңге онотолмаҫлыҡ, иң ауыр, иң тупаҫ хаталар эшләнгән беҙҙең тормошта. Ләкин был бит әле беҙҙең бөтә тормошобоҙ хата булған тигән һүҙ түгел... Былай булыу мөмкин түгел! Беҙҙең ил имәненең – ниндәй генә дауылдарҙы күрмәгән ил имәненең! – тамырҙары былай ғына булмағандыр...» (9.11.61). Уйланыуҙар шиғырҙарға күсә. Беренсе томға 1965 йылғы әҫәрҙәр араһына инеп киткән был юлдар нәҡ 1961 йылда яҙылған: Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ, Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын. Хаталар ҙа булыр тормошоңда, Тик тормошоң хата булмаһын! Совет йәмғиәтендәге был үтә ҡаршылыҡлы дәүер, шәхес культын фашлап, ил етәксеһенең икенсе бер тайғаҡ юлға баҫыуы – волюнтаризм ауырыуына һабышыуы яңы буталсыҡтар тыуҙырҙы. Рәми Ғарипов әйтмешләй, указ артынан указ, ҡарар артынан ҡарар. Бындай туҡтауһыҙ үҙгәртеүҙәр халыҡтың башын бутаны, иман ҡаҡшаны. Кешеләр нимәгә ышанырға белмәне. Был дәүерҙең һөрән һалыуҙарына ҡушылып, яңы даһиҙың башбаштаҡлығына дан йырлаусы һүҙ әһелдәре лә табылды. Ләкин намыҫлы әҙиптәр, зирәк шағирҙар был боғаҙ ярыуҙарҙы ауыр кисерҙе. Уларҙың һыҙланыу һүҙҙәре ҡағыҙға төшһә лә, бөтә дөрөҫлөгөндә халыҡҡа барып етә алмай ине, әлбиттә. Шул шарттарҙа «Яҙыу өҫтәленең тартмаһына яҙылған» әҫәрҙәрҙең һаны артты. Улар башҡорт әҙәбиәтендә күп түгел. Рәми Ғариповтың район газетаһында эшләгән саҡтағы яҙмалары беҙҙәге шундай һирәк (бәлки, берҙән-берҙер!) күренештәрҙең үрнәге миҫалында әҙәбиәт тарихында, шул осорҙағы ижтимағи фекерҙең үҫешендә үҙенсәлекле күренеш булараҡ һаҡланып ҡаласаҡ. «Ысын күңелдән ышанып, алдандыҡ бит беҙ, – тип яҙа шағир. – Бөтә йөрәктән ышандыҡ!.. Шуның өсөн хәҙер дөрөҫлөккә ышаныуы ла бик ауыр... Ышаныу тойғоһо хәҙер бик ныҡ ҡаҡшаны. ...Үҙеңдең хаталарыңды таныу ҡыйын, ә бөтә ғәйепте бер кешегә өйөү еңелерәк. Кешеләрҙең теле шундай сиселеп китте хәҙер, хатта улар нимә һөйләгәндәрен үҙҙәре лә белмәйҙәр, ҡысҡыралар, күбектәрен сәсеп, бөтә үтелгәндәргә лә төкөрәләр... Телһеҙ хәҙер болтунға әйләнде. Был хәҙер бөтә мещандарға, бөтә обывателдәргә бер һағыҙ булды инде – сәйнәйҙәр ҙә сәйнәйҙәр» (10. 11.61). Партия йыйындарындағы документтарҙы, киләсәккә пландарҙы уҡып, елкенеп-ҡанатланып йөрөгән саҡтары ла булды Рәмиҙең. Тормошҡа ышанысын, кешегә ихтирамын ул бер ҡасан да юғалтманы. Ләкин эфирҙан да, матбуғаттан да иртәнән кискә тиклем ябырылған буш һүҙҙәр ташҡынында эштең онотолоуы, тарихҡа туҡтауһыҙ ҡара яғыуҙар күпме күңелдәрҙе имгәтте, ошо хаҡтағы аяныслы уйланыуҙарын үҙенең хәтерендә һаҡлар өсөн булһа ла шағир ҡайһы саҡта ҡағыҙға яҙып ҡалдырҙы. Насип булһа, был яҙмаларға, бәлки, әйләнеп ҡайтырға ла тура килер. Әгәр ҙә Рәми Ғарипов утыҙ йылдан һуң, йәғни, егерменсе быуаттың аҙаҡтарында, тимәк, уға әле ни бары алтмыш йәш тулып уҙғанда, ватандаштарының нимәләр кисергәнен, таҫма телдәрҙең нимәләр һөйләгәнен ишетһә, һатлыҡ ил башлыҡтарының бөйөк Ватанды нисек талағанын, халыҡ байлығын нисек урлағанын, кешелек тарихы белмәгән ҡот осҡос енәйәттәрен күрһә, ғәрлегенән, нәфрәтенән уларҙы ниндәй һүҙҙәр менән ҡәһәрләр ине икән? Хәйер, уның «сәйнәйҙәр ҙә сәйнәйҙәр» тигән һүҙҙәре унан һуң киләсәк яңы замандарға ла ғәжәп тап килеп тора бит! Әйтерһең дә, буласаҡтың үҙе тураһында әйтелгән! Уға был көндәргә килеп етергә яҙманы. Әллә бәхетһеҙлеге, әллә бәхете... Район газетаһының күләме ҙур булмаһа ла, мәшәҡәттәре етерлек. Килеү менән Рәми йыйылған материалдарға күмелде. Хәбәрҙәрҙең һәр береһендә – кеше яҙмыштары. Иғтибарһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай. Шағир хужалыҡтарҙа йөрөй, ауылдарҙа ҡыҙыҡлы хәлдәргә тап була. Уның ноябрь аҙағында «Октябрь юлы»нда ла, «Путь Октября»ла ла сыҡҡан «Тәүге ҡарлуғас» тигән баҫмаһын бик ҡыҙыҡһынып уҡынылар, хеҙмәттәштәре юғары баһаланы. «Портрет» тип кенә ҡушылһа ла, ҙур булмаған был яҙмала геройҙың рәсеме лә, холоҡ-ҡылығы ла тере булып күҙ алдына баҫа. Ул йәшәгән көнкүреш тә, тәбиғәт тә бик йәнле һүрәтләнә. Тәүге һөйләмдән үк автор уҡыусының иғтибарын үҙенә бора: «Марс Сиражев ҡайҙа?» – тигәс, мәктәптән ҡайтыусы балалар магазин эргәһендәге бәләкәй генә бер өйҙө күрһәттеләр. «Кереп сыҡмай булмай, мин әйтәм, ниндәй икән һуң ул Сиражев тигәндәре?» Шулай башланған «портрет» артабан инде ҡыҙыҡһынып уҡыласаҡ: «Ҡапҡанан кереүгә ҡыҙыҡ ҡына бер күренеш күҙгә ташланды: бәләкәй генә бер ҡара һыйыр эргәһендә донъяһын онотоп йәш кенә бер егет баҫып тора. Хатта малай тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Башына ҡолаҡтары ҡарпайып торған бүрек эләктереп, аяҡтарына калуш ҡына ҡатып алған да, һыйырының арҡаһын һөйә-һыйпай ниндәйҙер уйға батҡан. Йөҙө ниңәлер моңһоу күренә, хатта борсоулы һымаҡ. Ул күҙ төбәп торған яҡта былай борсолорлоҡ бер ни ҙә юҡ: яңы яуған ҡырпаҡ ҡарҙан ауыл осондағы ферма яғына, һалам эҫкерте һөйрәтеп, трактор ғына китеп бара. Ә арыраҡ тәүге ҡар аралаш ҡыҙырым сауҡа менән ҡапланған Өлкә тауҙары, ә уларға ҡапланып торған зәп-зәңгәр күк көмбәҙендә төшлөккә еткән ҡышҡы ҡояш. Уның инде һүрән нурҙарын тойһа тик бер ҡара һыйыр ғына тоялыр. Шул һаран ғына йылылыҡта ла рәхәтләнеп, ойоп китеп үҙенең һағыҙын көйшәй малҡайың. — Марс Сиражев шунда торамы? – тиеүгә егет һиҫкәнеп китте. Ҡулын тиҙ генә һыйыр арҡаһынан ала һалып: — Шунда, – тине ул, ғәйепле кеше һымаҡ. — Өйҙәме һуң үҙе? — Өйҙә... мин булам инде...» Ғәҙәти район газетаһындағы материал тәүге абзацтарынан уҡ тәжрибәле прозаиктарыңдың хикәйәһенә торошло ошондай стиль менән башланып китә. Өйгә ингәс, иғтибарлы ҡараш барыһын да тиҙ генә байҡап ала: «Өй эсендә ҡулдан яһалған китап кәштәһе, фотоһүрәттәр теҙелгән рам һәм стенаға кнопкалар менән ҡаҙаҡлап ҡуйылған маҡтау ҡағыҙынан башҡа күҙгә ташланырҙай артыҡ бер ни ҙә юҡ ине. Октябрь революцияһының ҡырҡ дүрт йыллығы айҡанлы яңы ғына бирелгән был маҡтау ҡағыҙына: «...Малсылыҡ өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн Салауат исемендәге колхоз идараһы Сиражев Марсты ошо маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләй» тигән ғәҙәти һүҙҙәр яҙылған». Тәүге ҡарлуғас – Салауат районында беренсе булып һыйыр һауған егет Марс Сиражев менән танышыуҙы журналист бына шулай бәйән итә. Йәш кешенән башта: «Егет кешенең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ята, былай итеп һыйыр аҫтынан кереп йөрөү эш түгел инде!» тип көлөп ҡараусылар тураһында ла, Марстың бәләкәйҙән эш яратыуы, аталары алты баланы ярты етем итеп ташлап киткәс, әсәһенә таяныс булып үҫеүе хаҡында ла һөйләнелә. Ҡулына армияға китергә повестка алып, кисә генә эштәрен тапшырып ҡайтҡан Марстың бойоҡ күренеүе лә ғәжәп түгел. «Ил сигендә лә үҙеңдең Салауат егете икәнеңде онотма!» тип, хәйерле юл теләп хушлаша уның менән автор. Ус аяһындай газетала ошондай тығыҙ йөкмәткеле хикәйәгә тартым яҙма баҫтырыуы ғына ла Рәмиҙең ташҡа баҫылған һүҙгә ни тиклем яуаплы, талапсан ҡарауын, хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләү оҫталығын бик сағыу күрһәтә. Өҫтәүенә ул ике телгә лә маһир, хатта яңы йыл һанына яҙған шиғри шарждарын да руссаға үҙе тәржемә итә. Яңы йыл һанын әҙерләгәндә фәһемле бер хәл булып ала. Һәр һүҙ дөрөҫ булырға, төрлөсә уйларға урын ҡалдырмаҫҡа тейеш тип, «тәртип һағында» тороусылар бында ла бар. Карикатуралар әҙерләү ҡомға килеп терәлгәс, газетаның редакторы русса тәржемә өсөн үҙе лә рифмалар табырға маташып ҡарай, әммә һәләт яғы самалы булғас, өҫтәл тирәһендә ураңҡырап йөрөүҙән башҡа өлөш индерә алмай. Бөтә эш Рәмигә тороп ҡала. Уның төрлө әрәмтамаҡтар, ялҡауҙар тураһындағы: Һәр урында табылыр, Йөҙө шунан танылыр: Аш янында ат кеүек, Эш янында ят кеүек, – тигән дүрт юллығындағы «һәр урында» һүҙҙәре редакторҙы ҡурҡыуға һала. — Былай дөрөҫ булып бөтмәҫ бит әле, – тип һағая редактор. – Былай ҙурға китмәйме? Һәр урында, һәр урында... Юҡ, быны «ҡайһы урында» тип алмаштырырға кәрәк булыр. — Бәй, әрәмтамаҡтарҙы һәр урында табырға була инде, – ти уға ҡаршы Рәми. — Булыуын була ла ул, былай бит дөйөмләштереүгә әйләнеп китә түгелме? — Бәлки шулайҙыр, әммә әҙәбиәттә дөйөмләштереү тигән нәмә бар, хатта шул талап ителә бит. Бер-ике бөртөк әрәмтамаҡ өсөн шиғыр яҙып та торорға кәрәкмәй ул саҡта. — Яҙырға кәрәк, шулай ҙа «бөтә урында» тип әйтеү хата булыр. — Ярай инде, «Әле беҙҙә табылыр» булһын әйҙә. Страхованиеһыҙ булмайҙыр инде, – ти ҙә Рәми артыҡ һүҙ көрәштереп тормай. Редакцияла текстарҙы ҡарағанда була торған ғәҙәти һөйләшеү һымаҡ был диалог. Ләкин ошо кескәй генә эпизод шул замандың бик мөһим идеологик, сәйәси үҙенсәлеген эсенә алған. Берәй етешһеҙлек тураһында һөйләгәндә «һәр урында» тип һығымта яһарлыҡ, совет ысынбарлылығын хурларлыҡ дөйөмләштереү була күрмәһен, һүҙҙең мәғәнәһен төрлөсә борғоларға, сит илдәге дошмандарға әйтелгәнде үҙҙәренә кәрәк юҫыҡта мәкерле файҙаланырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын, һәр нәмә асыҡ, совет идеологияһы мәнфәғәтендә булырға тейеш – бындай «тәртип» ул саҡтағы авторҙарҙың башын аҙ ҡатырҙымы ни! XX съезд килтергән сағыштырмаса һүҙ иркенлеге барыбер бик үлсәнгән ине, бик тиҙҙән һәр һүҙҙең «дөрөҫлөгөн» күҙәтеүҙәр көсәйә башланы. Кескәй район газетаһында шундай уяулыҡ, һаҡлыҡ күрһәтәләр икән, тимәк, мәсьәлә бик ҡаты ҡуйылған. Республика, үҙәк матбуғаттағы талаптар тағы ла ҡатыраҡ, ундағы сәйәси һиллек һаҡсылары нығыраҡ тешләй. Бының шулай икәнлеген Рәми Ғарипов аҙна-ун көндән үҙ яҙмышында бик ныҡ татыясаҡ. Ул тешләү менән сағыштырғанда «Октябрь юлы» район газетаһының редакторы менән баяғы һөйләшеү эскерһеҙ аралашыу булып күренәсәк. Әлегә иһә редакцияла эштәр һәйбәт кенә бара. Декабрҙең аҙаҡтарында республика газеталары Өфөлә уҙған шиғыр кисәһе тураһында бик йылы һүҙҙәр яҙып сыҡтылар. Ул байрамда ҡатнашыу өсөн Рәми ҙә баш ҡалаға барғайны. Алтмышынсы йылдар башында башҡорт әҙәбиәтенең уҡыусылар араһында абруйы ныҡ күтәрелде. Райондарҙа, ҡалаларҙа әҙәби аҙналыҡтар ҙур уңыш менән үтте. Бындай бәйләнештәрҙең нығыныуында ойоштороу эштәренең дә әһәмиәте ҙур булды. Ләкин төп сәбәп әҙәбиәттең яңырыуында, яңы сифат юғарылығы яулауында, бигерәк тә шиғри һүҙҙең үткерлегендә ине. Был осорҙа йыл аҙағында Өфөлә уҙғарыла торған шиғыр кисәләренә халыҡ ағылып йөрөнө, туранан-тура телевидение аша күрһәттеләр, аҙаҡ радио аша еткерҙеләр. Шағирҙарҙың сығыштары хаҡында әҙәбиәт һөйөүселәрҙең үҙ-ара фекер алышыуҙары бындай осрашыуҙарҙан һуң байтаҡ ваҡыт дауам итер булды. Инде традицион булып киткән шиғыр байрамы 1961 йылдың декабрендә Министрҙар Советының Ҙур залында үтте. Өфөләге иң ҙур залдарҙың береһе был юлы ла халыҡ менән тулғайны. Китап һатыу ойошторолдо, бик күптәр яратҡан шағирҙарынан, яҙыусыларынан автографтар алдылар. Назар Нәжми менән Муса Ғәли алып барған был кисәлә Сәйфи Ҡудаш, Батыр Вәлид, Мөхөтдин Тажи, Ғәйнан Әмири, Мөслим Марат, Тимер Арслан, Яҡуп Ҡолмой, Йософ Гәрәй, Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Рафаэль Сафин шиғыр уҡып, көслө алҡыштар яуланы. Әле үҙе Татарстанда ҡунаҡта йөрөгән Баязит Бикбайҙың «Һаумы, бәхетле заман!» тигән шиғырын Назар Нәжми уҡып ишеттерҙе. Сәғит Агишты тамашасылар үҙҙәре һорап алдылар, сәсән телле яҙыусының тапҡыр һүҙҙәренән рәхәтләнеп көлдөләр. Кисә бик күтәренке рухта, күңелле барҙы. Инде һиңә сират етте, Нәжми, әйҙә, Лирический педалдәргә нажми әйҙә, һымаҡ шаян эпиграммалар менән һүҙ биреүҙәрҙе, шағирҙарҙың әле ярһыу, әле уйсан, әле шаян шиғырҙарын халыҡ алҡышлап ҡабул итте. Залдағылар яңы быуын шағирҙарын, айырыуса Әнғәм Атнабаев менән Рәми Ғариповтың сығышын ныҡ оҡшаттылар. Был кисә хаҡында «Совет Башҡортостаны» газетаһында яңы йыл алдынан ҙур мәҡәлә баҫылды. Шунан ҡайһы бер өҙөктәр килтереп үтәйек: «Йәш шағир Әнғәм Атнабаев «Замандашым» поэмаһынан өҙөк уҡып ҡотола алманы. Авторҙың «Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа», «Утыҙ йәш ул ниңә ҡарт булһын?!» исемле лирик шиғырҙары тәрән мәғәнәле һәм еңел аңлайышлы булыуы менән тамашасыларға бик оҡшаны. Өҫтәүенә, авторҙың тасуири уҡый белеүе лә уның әҫәрҙәренең йөкмәткеһен тәрәнерәк аңларға булышлыҡ итә». «Салауат районында йәшәүсе шағир Рәми Ғариповтың «Йырҙарыма ҡайтам», «Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай» тигән лирик шиғырҙарын кисәлә ҡатнашыусылар бик яратып ҡабул иттеләр. Шағирҙың «Туған тел хаҡында», «Кеше кешеләргә кәрәк булһын», «Ырашҡы» шиғырҙары ла күңелдә бик йылы тәьҫир ҡалдырҙы». Өфөнән Рәми Ғарипов ҡанатланып ҡайтты. Дуҫтары менән осрашыу, ҡәләмдәштәр, шиғриәт һөйөүселәр менән аралашыуҙар, кисәләге шиғри аһәң, ихлас теләктәшлек шағирға көс, илһам өҫтәне. Газеталарҙағы йылы һүҙҙәрҙе уҡығас, күңеле тағы ла нығыраҡ күтәрелде. Хеҙмәттәштәре, Малаяҙҙағы, Арҡауылдағы таныштары, хатта бик үк белмәгән кешеләр ҡотлап ҡулын ҡыҫтылар. Яңы йыл алдынан көндәр бына шундай ҡыуаныстар менән үтеп торҙо. Шағир хәҙер инде юлаусылар йортонда йәшәмәй. Бәләкәй генә фатир бирҙеләр. Эштән ҡайтыуына ҡатыны менән улдары шатланып ҡаршы ала. Рәми әле лә ваҡытын ныҡ ҡәҙерләргә тырыша. Яңы йыл яҡынайғанда ғүмерҙең елдәй елеүе тураһында айырыуса йыш уйландыра. Йылдар елдәй елгәндә, елгә еленләп, боҙға ҡолонлап йәшәлмәһен ине. Ғүмерҙең ошондай уйсан миҙгелендә Рәмигә яңы шиғри юлдар килеүсән. Әле лә шулай. 1962 йылдың 1 ғинуарындағы яҙмалары: «Яңы яуған ҡарға баҫып, тағы Яңы йыл килә!..» тигән юлдар менән башланды. Шиғыр былай тамамланды: Бушҡа үткән көндәрең бит Томанлы бер төш кенә. Ашыҡ яҡшы эш эшләргә, Бәхетле өн – эш кенә. Ҡар һарыған аҡ ботаҡтар, Әйтерһең, сабый ҡулы! Юҡ, моңайма, шатлан, тиеп Ҡул һуҙа һымаҡ улым... Атаһына ҡулын һуҙып талпынған икенсе улы Азаматҡа бөгөн бер йәш тулды. Малайының алпан-толпан килеп йөрөгәнен күреп, ғүмерҙең үткәнен шағир нығыраҡ тоя. Донъя ҙур һикереш алдында торғандай, ә иң яҡшы йылдар бушҡа әрәм булған һымаҡ. Әллә тормошомдо ҡора алманым, әллә эшләгән эштәрҙе күрһәтә белмәйем, шуға ҡыйын хәлдә ҡалам тип, үҙен үҙе ғәйепләй башлай. «Бына Өфөләге сығыш хаҡында бөтә газеталарҙа ла маҡтап яҙған булдылар. Ә минең ниндәй шарттарҙа эшләүем, нисек йәшәүем хаҡында кем генә белә инде. Ул шиғырҙар бит эш араһында ғына, эйәр өҫтөндә генә, өҙөп-йолҡоп тапҡан ваҡыт эсендә генә яҙылған нәмәләр. Әллә ни яҡшы ла булмаһын, ләкин йөрәк ҡаны менән яҙылған бит улар. Әгәр ҙә миндә талант тигән нәмә бар икән, мин уны бындай шарттарҙа үҫтереү өсөн түгел, ә тик һаҡлап ҡалыу өсөн генә, үлтермәү өсөн генә һуғыша алам... Күптәр шулай һәләк булғандарҙыр инде. Минеңсә, донъяға күренгән таланттарҙан күренмәй ҡалғандары күберәк булғандыр» (1.01.62). Ошондай саҡтарҙа Рәми тағы ла бөйөк япон шағиры Исикава Такубокуҙы ҡулына ала, бигерәк тә уның «Өй» тигән шиғырын уҡый. Едва открыв глаза сегодня утром, Опять – который раз! – Я вдруг подумал: «Как хочется иметь мне дом, Который я бы мог назвать своим!» Ошо юлдар менән башланған был оҙон шиғыр нисәмә йылдар буйы ғаиләһенә ныҡлап торлаҡ таба алмай ғазапланған Рәмиҙең кисергәндәре менән ни тиклем ауаздаш! Шундай иҫ киткес шиғырҙар тыуҙырыусы Такубоку ғүмере буйы бер өй хаҡында хыялланып үлһен, имеш... Ни тиклем ғәҙелһеҙлек! Совхоздағы эш менән сағыштырғанда хәҙер уҡырға ваҡыт күберәк ҡала. Бында килгәс, Всеволод Кочетковтың «Обком секретары» тигән романын уҡып сыҡты. Был әҫәрҙең ил буйлап бәхәстәр тыуҙырған сағы ине. Рәми үҙ принцибына тоғро ҡала: ашыҡ-бошоҡ йөҙ китап уҡығансы, бер китап уҡы ла, йөҙ көн буйына уйланып йөрө, ошо уҡыуҙан һуң тыуған фекерҙәреңде тормошоңдоң яңы баҫҡысы ит! Әле лә шулай: «Обком секретары»ның байтаҡ урындарын күсереп алды, шуға үҙенең ҡараштарын ҡушты. Декабрь аҙаҡтарында республика матбуғатында үҙе хаҡында ла ихлас һүҙҙәр уҡыған Рәми Ғариповҡа Мәскәүҙән ҡайтып хеҙмәт юлын башлаған «Совет Башҡортостаны» газетаһы яңы йыл сюрпризы әҙерләне. 1962 йылдың 5 ғинуарындағы һанда «Бер шиғыр тураһында» тигән мәҡәләне уҡығандан һуң шағир бер килке шаңҡып ултырҙы. Шиғыр кисәһе тураһындағы ҙур отчетта Яңы йыл алдынан башҡалар менән бергә Рәми Ғариповтың да сығышын маҡтаған газета ун көн үтер-үтмәҫтән шағирға бик ҙур ғәйептәр өйөүсе мәҡәлә баҫтырып сығарған. Әҫәрҙәрҙең шиғри сифаты, яҙылыш кимәле тураһында һүҙ барһа, бер ҙә аптырамаҫ инең: ижади тормошта була торған, дөрөҫөрәге, булырға тейешле хәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәбиәт хаҡында профессиональ фекерләп, юғары талаптар ҡуйып, аҡыллы һөйләшеүҙәр юҡ, ихлас фекер алышыуҙар етмәй. Ләкин Ғилемдар Рамазановтың «Бер шиғыр тураһында» (редакцияға хат) тигән мәҡәләһендә («Совет Башҡортостаны», 5 ғинуар 1962 йыл) шиғырҙы шиғыр итеүсе йәки итмәүсе сифаттар хаҡында бер ауыҙ һүҙ ҙә юҡ. Уның ҡарауы автор ауыҙ тултырып Ғариповтың, нисек тә сенсациялар яһап, халыҡтың башын бутарға тырышыуы, сәйәси томаналағы тураһында һөйләй. «Ошо шиғыр кисәһендә башҡалар араһында йәш шағир Рәми Ғарипов та сығып һөйләне. Билдәле булыуынса, ул колхозсылар һәм совхоз эшселәре араһында, Салауат районында йәшәй. Тормоштоң үҙәгенән – Йүрүҙән буйҙарынан килгән шағир беҙҙе ниндәй табыштар, поэтик образдар менән ҡыуандырыр икән? Ошо һорау бик тәбиғи ине. Ләкин, әйтергә кәрәк, Р. Ғариповтың сығышында беҙҙең ҡайнап торған тормош һулышы, бөгөнгө көндөң ҡыйыу аҙымдары, йәш шағирҙың тиҫтерҙәренең уй-тойғолары бик тоңғорт (? – Р.Б.) сағылғайнылар. Шуның өҫтәүенә, Р. Ғариповтың сығышында сенсацияға оҡшағаныраҡ бер момент булды. Шул мине һәм башҡа күптәрҙе борсоуға һалды ла инде», – тиелә был мәҡәләлә. Ғариповтың ауылда йәшәүе генә түгел, комсомол секретары булып эшләүе күпселек уҡыусылар өсөн билдәле лә түгелдер, әммә был хаҡта мәҡәләнең авторы әйтеүҙе тейеш тапмай. Гүйә, Рәми тыуған яҡтарында ғүмерен ижад менән генә үткәрә. Заман һулышына килгәндә, Рәми Ғариповтың кисәлә ниндәй шиғырҙар уҡығанлығы отчетта ентекләп һанап кителгәйне. «Йырҙарыма ҡайтам», «Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай», «Ырашҡы» һ.б. әҫәрҙәрҙән тиҫтерҙәрҙең уй-кисерештәре бөркөлөп торғанын тойғанға ла залдағы тамашасылар шаулатып ҡул сапҡан бит. Ғилемдар Рамазанов ошо хаҡта яҙған Ш. Янбековты һис кенә лә хупламай, «ал да гөл булған икән тигән тәьҫир ҡала... кәмселектәр ҙә булманы түгел», – ти. Ләкин былары төп һүҙгә инеш кенә. Рамазановты мәҡәлә яҙырға мәжбүр иткән иң төп сәбәп – Рәми Ғариповтың был кисәлә туған тел мәсьәләһен ҡуҙғатыуы: «Поэзия кисәһендә Р. Ғарипов «Тағы ла тел хаҡында» исемле шиғыр уҡыны. Шиғыр ҡобайыр стиле менән яҙылған уртаса әйбер ине һәм мин бөгөн ул шиғыр хаҡында һүҙ алып барырға теләмәнем. «Тағы ла...» тигән һүҙ ҡолаҡты ярҙы. Ни өсөн, «тағы ла?» Беҙҙең туған телгә ни булған икән?» Эш бына нимәлә булып сыға? Был осорҙа беҙҙең туған тел менән генә түгел, СССР-ҙағы, бигерәк тә Рәсәйҙәге милли телдәр менән нимә булғанлығын ошо телдәрҙең береһендә әҫәрҙәр яҙыусылар иң элек, иң ныҡ белергә тейеш ине түгелме һуң? Нәҡ ошо осорҙа милли телдәрҙә уҡытыуҙы ҡыҫыуға, артабан бөтөрөүгә йүнәлтелгән дәүләт курсы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла башланы. Илдәге барлыҡ милләттәрҙең берҙән-бер һәм берҙәм совет халҡы булып ойошорға тейешлеген теоретик нигеҙләмәләр, практикала ғәмәлгә индереүҙәр совет идеологияһының ҡаҙанышы итеп данланды. Милләттәр яҙмышына ошондай хәүефтәр ябырылғанда тел хаҡында «Тағы ла...» тигән һүҙ кемдәрҙеңдер ҡолағын яра. Асылда был хаҡта орандар яңғырарға, уларҙың шаңдауы ҡолаҡтарҙан ғына түгел, йөрәктәрҙән китмәҫкә тейеш ине. Артабан мәҡәләнең авторы Рәми Ғариповтың «Туған тел» исемле шиғырын тулыһынса килтерә лә былай тип дауам итә: «Мин бында тәүге строфалағы ниндәйҙер томанлы фразалар, кинәйәләр хаҡында ла әйтеп тороуҙы артыҡ һанайым. Һүҙҙе шиғырҙың икенсе строфаһындағы фекерҙәр тирәһендә генә алып барайыҡ. Рәми Ғарипов: «бер телдән дә телем кәм түгел ... кәм күрер тик уны кәм күңел!..» ти. Һорарға рөхсәт итегеҙсе: кем һуң беҙҙең туған телде – башҡорт телен теләһә ниндәй берәр телдән кәм ҡуя? Ғөмүмән, тел менән телде ҡаршы ҡуйыу беҙҙең йәмғиәт, беҙҙең заман өсөн хас күренеш йәки проблема булып торамы? Марксизм һәр телдең үҙенсәлеген, үҙенсәлекле матурлығын, уларҙың тиңлеген таный». Фекерен марксизм тәғлимәтендәге ҡаҡшамаҫ ҡанун менән нығытҡас, автор тел тарихы буйынса, үҙе әйтмешләй, «грамотаһы булған һәр кешегә билдәле» факттар хаҡында һөйләй, яуланған ҡаҙаныштарға бәйле хаҡлы һүҙҙәр ҙә әйтә. Шул уҡ ваҡытта: «Тимәк, башҡорт халҡының яҙма теле илдәге иң йәш телдәрҙең береһе. Уға әле ҡырҡ йәш тә тулмаған», – тигән һүҙҙәре менән «башҡорттар революцияға тиклем яҙмаһыҙ милләт булған» тигән шул замандың фәнни нигеҙһеҙ концепцияһын үҙенсә раҫларға тырыша. Уңыштар тураһында һөйләгәндән һуң: «Был элементар хәҡиҡәтте бер кем дә кире ҡаҡмай һәм ҡаға ла алмай. Ошондай заманда телдең кәм йәки кәм булмауы хаҡында ниндәй һүҙ алып барырға мөмкин? Быға ниндәй нигеҙ, ниндәй дәлилдәр бар?» – тигән һорауҙар ҡуйыла. Ысынлап та, уйланмаҫлыҡ түгел. Башҡорт әҙәбиәте үҫкәндә, милләттең аң-белем, мәҙәни-эстетик кимәле күтәрелгәндә, китаптар һаны, газета-журналдарҙың тираждары артҡанда, дәүләт университеты, фәндәр академияһы асылғанда, тел буйынса хеҙмәттәр яҙылғанда, диссертациялар яҡланғанда, ошондай үҙенсә Ренессанс дәүерендә «Рус телендәй ғорур яңғырай туған телем» тип, «Мин – башҡортмон» тип, үҙ дәрәжәһен белеп, башҡалар менән тиң һөйләшеүсе Рәшит Ниғмәтиҙәр, халыҡтарҙың, телдәрҙең туғанлығын данлаусы Баязит Бикбайҙар хаҡлы түгелме ни? Хаҡлы, әлбиттә, һис шикһеҙ хаҡлы. Ғилемдар Рамазанов тел хаҡында бына шул рухта яҙырға кәрәклеген иҫкәртә һәм былай ти: «Ирекһеҙҙән һорау тыуа: ә ниңә һуң тағы ла туған тел хаҡында шиғыр яҙыусы Рәми Ғарипов гел кәм телдәр, кәм күңелдәр хаҡында уйлана? Был үҙе үк ҙур, етди кәмселек түгелме һуң әле?» Әҙәбиәт тормошто бөтә тулылығында сағылдыра алғанда ғына халыҡ тормошоноң көҙгөһө була ала. Саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡағылғандан сайралырға торған көҙгө түгел, ыуалмаҫ, тоноҡланмаҫ тылсымлы көҙгө тураһында һүҙ бара. Ғорурланыу һәм хәүефләнеү, һөйөү һәм борсолоу бер-береһен инҡар итеүсе уй-тойғолар түгел, улар үҙ-ара үрелеп, бер үк күңелдә, бер үк әҙәбиттә, бер үк халыҡтың рухында бер-береһен тулыландырып йәшәй. «Эй туған тел, эй матур тел, ата-әсәмдең теле» тип һоҡланған Ғабдулла Туҡай тел гәүһәрҙәрен һаҡлау мәсьәләһен дә күтәргән, милләт рухының киләсәген хәстәрләп йәшәгән бит. А. В. Луначарский әйтмешләй, «Инде тантана итеүсе һәм һис юғында азат ватаныңды ғына тыныс, тауыш-тынһыҙ һөйөп була. Ләкин тапалған һәм мәсхәрәләнгән ватанды бындай шым ғына һәм тәбиғи яратыу менән яратыу мөмкин түгел». Эйе, заманы башҡа булған, ул саҡтарҙа «инородец»тарҙы руслаштырырға тырышыу асыҡтан-асыҡ алып барылған тиеүҙәре мөмкин. Ләкин СССР-ҙағы милли телдәрҙең үҫешенә, ысынлап та, бик киң мөмкинлектәр асҡан, яҙмаһы булмаған бик аҙ һанлы халыҡтарҙың алфавитын, шул телдә дәреслектәр сығарыуҙы булдырған совет илендә милли сәйәсәт революциянан һуңғы дәүерҙән алып алтмышынсы йылдар башына тиклем һис бер үҙгәрешһеҙ генә алып барылдымы ни? «Инородец» урынына «нацмен» һүҙен ҡулланыу рус булмаған милләттәргә кәмһетеп ҡарауҙың, халыҡтарҙы төрлө сорттарға бүлеү сәйәсәтенең төп йөкмәткеһен барыбер үҙгәртмәне. Әлбиттә, был сәйәсәт батша заманындағы ҡарагруһ миссионерҙарҙың эшмәкәрлегендәгесә асыҡтан-асыҡ ғәмәлгә ашырылманы, нескәрәк, аҫтыртыныраҡ эшләнде. Илленсе йылдар аҙағынан – алтмышынсы йылдар башынан иһә был мәсьәләлә туранан-тура һөжүм башланды тиергә була. Дөрөҫ, «яңы әҙәбиәттәрҙең тыуыуы», быға тиклем китаптар ижад ителгән телдәргә яңы телдәрҙең өҫтәлеүе тураһында донъяны шаулатып, Мәскәүҙә яҙыусылар съездарындағы отчет докладтарында һөйләүҙәр етмешенсе йылдарҙа ла дауам итте. Рәсәйҙәге милли телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә уҡытыу сит өлкәләрҙә генә түгел, Башҡортостандың үҙендә лә йылдан-йыл нығыраҡ ҡыҫылды, байтаҡ урында айырым предметтарҙы, артабан күпселек дәрестәрҙе рус телендә, ҡайһы бер башҡорт ауылдарында татар телендә уҡытыуға күсеү ғәҙәти хәлгә әйләнде. Милли рухтан ситләшкән, милли үҙаңы юйылған, үҙ халҡының телен белмәгән балалар үҫә башланы. Был фажиғә ике-өс тиҫтә йыл эсендә бер нисә быуындың яҙмышын, рухын имгәтте. Тормоштағы хәүефле хәлдәр тураһында улар донъяны баҫып алғас тревога һуғыу бер эш. Бик урынлы, кәрәкле эш. Ә шул бәләләр тыуырға торғанда йәки башланған сағында уҡ иҫкәртеү – быныһы күпкә ҡиммәтерәк, файҙалыраҡ. Уның өсөн халҡың тип яныу менән бергә зирәклек, айырыуса гражданлыҡ ҡыйыулығы кәрәк. Рәми шундай шәхестәрҙән ине. Уның «Туған тел» исемле шиғырын мәҡәләһендә тулыһынса килтереп, Рамазанов был әҫәрҙе нығыраҡ пропагандалайым тип уйлап та ҡарамағандыр. Халҡының киләсәк яҙмышына битараф булмаған күпселек уҡыусылар араһында «редакцияға хат»тың баҫылып сығыуы Рәми Ғариповтың исемен, уның «Туған тел» шиғырын тағы ла популярыраҡ итте. Ләкин мыҫҡыллы йылмайыусылар, ҡәһҡәһәләп тантана итеүселәр ҙә аҙ булманы. Ғилемдар Рамазановтың мәҡәләһен уҡығас, бер килке шаңғып ҡалған Рәми тағы ла шуға аптыраны: уның «Тағы ла туған тел хаҡында» тип исемләнгән шиғыры юҡ та баһа! Кисә тураһындағы отчетта унда уҡылған шиғырҙарҙың береһе «Туған тел хаҡында» тип дөрөҫ аталған. Декабрҙәге шиғыр байрамында Рәми тел тураһында әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған ҡобайырын уҡығайны. Үҙен борсоған уйҙарҙы залдағыларға тиҙерәк еткергеһе килгәйне. 1961 йылғы блокнотта был шиғыр «Тел тураһында ҡобайыр» тип исемләнгән, яҙылыу көнө 17 июль 1961 йыл тип ҡуйылған. Бына ул әле баҫылып сыҡмайынса уҡ бер уҡылыуҙа «именлек һаҡсыларының» ҡолағын ярған, ҡотон алған ҡобайыр: Телең барҙа илең бар, Илең барҙа иркең бар, Иркең барҙа күркең бар, Ер, һыу, ут, күк – дүртең бар. Шул дүртәүҙән башҡа заттан Кешегә һуң ни кәрәк? Шул дүртәүҙең дүртеһендә Ул таянған дүрт терәк. Дүрт күҙ менән бағып торған Байлығы ла дүртәүҙә, Дүрт яғын да ҡибла иткән Барлығы ла дүртәүҙә. Шул терәктең дүртеһен дә Тыуған-үҫкән ил бәйләй, Ил яҙмышын ир муйынына Гөлдәй итеп тел бәйләй. Бәпләп-әрләп тел менән Кеше иткән инәбеҙ. Һөйләп-көйләп тел менән Ишле иткән инәбеҙ. Терелткән дә тел шуға, Үлтергән дә тел шуға, Тел әйткән һүҙ ел түгел, Ҡәҙер-хөрмәт бел уға. Телдең төбө – гөлөң төбө, Гөлөң төбө – тамыр ул. Тамырына балта сапһаң, Япраҡ көйө яныр ул. Тел асҡысы – ил асҡысы, Күҙ өҫтөндә ҡаш кеүек, Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙыр, Ҡатып ҡалыр таш кеүек. Һай таш булма, таш булма, Баш ҡына бул телеңә. Ҡаш ҡуям тип, күҙ сығарма, Балта сапма гөлөңә. Баш булмаһаң, ҡол булырһың, Имгәк булып илеңә. 1961 йылдың декабрендә шиғыр кисәһендә уҡырлыҡ тел тураһында Рәми Ғариповтың ҡобайыр менән яҙылған башҡа бер генә әҫәре лә юҡ. Тимәк, һүҙ нәҡ ошо ҡобайыр хаҡында бара. Шағир уға әле ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтасаҡ, ун йыл һуҙымында яҙыласаҡ был әҫәр атаҡлы «Аманат» ҡобайырына әйләнәсәк. Әммә тел тураһында әле килтерелгән шиғыр ул ҡобайырҙың башланғыс өлөшөн тәшкил итәсәк, күп юлдар үҙгәрешһеҙ инәсәк, айырым урындар тулыландырыласаҡ, көсәйтеләсәк. Әле был көйөнсә лә ундағы һүҙҙәр бик үтемле. Илдең сәйәси ҡоролошон тарҡатырлыҡ бер ниндәй ҙә ҡотҡо йәки мәкер юҡ унда. Ләкин район газетаһында етешһеҙлектәр «һәр урында табылыр» тигән һүҙҙәрҙән ҡурҡҡан редактор уларҙы дөйөмләштереү була күрмәһен тип, үҙгәрттергән һымаҡ, Ғариповтың туған телде яҡлап әйткән ғәҙәти генә һүҙе лә властың ҡотон ала. Ҡараҡтың бүрке яна тигәндәй, тел мәсьәләһендә ниндәй сәйәсәт алып барғанын, бер уртаҡ совет халҡы ғына булырға тейеш тигән концепцияның артабан тағы ла нығыраҡ раҫланырға тейешлеген, шуға ла милли телдәрҙе яҡлап һүҙ әйтергә ярамағанлығын власть башында ултырғандар яҡшы белә, бурыстарын еренә еткереп үтәр өсөн иң рәхимһеҙ эштәргә лә әҙер. Был мәҡәләне яҙырға Рамазанов үҙ белдеге менән генә тотонмаған, уныһы көн кеүек асыҡ. Был дөйөм установка. Бик һаҡ ҡына итеп туған тел тураһында әйтелгән хаҡ һүҙҙәр республика етәкселәренең байтағының ҡолағын ярыу ғына түгел, ҡотон ала. Был һүҙҙәр артабан дауам итмәһен, таралмаһын, хәҙер үк осҡондо һүндерергә, иҙергә! Нығыраҡ баш күтәрмәҫ борон, шағирҙарҙың башына тондорорға! Рәми Ғарипов тураһындағы мәҡәләне Ғилемдар Рамазанов яҙмаһа, башҡанан яҙҙырырҙар ине. Сайрановтар кешене барыбер табырҙар ине. Кисәлә булмай, шиғырҙы уҡымай тороп, уны хурлап яҙырға ризалашҡаны табылған икән – бик һәйбәт! Күрһәткән тоғролоғо бүләкләнмәй – билдәләнмәй ҡалмаҫ. «Бер шиғыр тураһында»ғы «редакцияға хат»тың авторы тиҙҙән илдең иң оло йыйынына – СССР Верховный Советына депутат итеп һайланасаҡ. Һайланасаҡ депутаттар исемлегенең партия Өлкә комитеты тарафынан алдан раҫланыуы ул ваҡытта бер кем өсөн дә сер түгел ине. Ләкин төрлө кимәлдәрҙә депутат булып һайланған шағир һәм әҙиптәр ҙә, тел ғалимдары ла, уҡытыусылар ҙа, төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт иткән башҡа кешеләр ҙә туған тел яҙмышы, башҡортса уҡытыу мәсьәләләрен күтәреп сыҡманы. Рәми Ғариповты яҡлап һүҙ әйтеүсе лә табылманы. Тимәк, ижтимағи фекер үҫеше ул осорҙа шул кимәлдә булған, йәмғиәттең гражданлыҡ үҫешендә милли үҙаң төшөнсәһе хәл иткес сифаттарҙың береһенә әйләнмәгән. Былай тип әйтеү һис кенә лә халҡы өсөн шул йылдарҙа янып йөрөгән шәхестәрҙең эшмәкәрлеген инҡар итеү түгел. Әммә улар әлегә аҙ ине һәм изге ынтылыштары йыш ҡына рәсми күрһәтмәләрҙең ҡаршылығына килеп һуғылды. Әлеге мәҡәләнең һуңғы абзацы былай: «Ә Рәми Ғариповтың күтәрмәҫ ерҙә күҫәк күтәреп, үҙен туған телдең берҙән-бер яҡлаусыһы, үҙен берҙән-бер «милли» шағир итеп күрһәтергә ынтылыуы һәм шуның менән үҙенә ниндәйҙер капитал тупларға маташыуы, йомшаҡ итеп әйткәндә, сәйер һәм ҡыҙғаныс». Мәҡәләләге ғәйепләүҙәр йомшаҡ түгел ине шул. Рәмиҙең битенә утыҙ етенсе йылдың өшөткөс еле килеп бәрелгәндәй булды. Был баҫма Рәмиҙең күҫәк күтәреүе түгел, уны асыҡтан-асыҡ тәүге сәйәси күҫәк менән шаңғытырға тырышыу ине. 1957 йылда эҙәрлекләү йәшерен барғайны, әле шағирға ғәйеп бөтә республикаға ишетелерлек итеп ташланды. Ижад ҡыуышы Яҙыусылар йортона барып эшләргә мөмкинлек булмағанлыҡтан, Рәми бер айға Йүрүҙән буйындағы йәмле урынды үҙенең ижад төйәге итте. Әлегә өй һалып инеп булмай икән, ҡыуыш ҡорорға ғына уның ҡулынан килә. Ижад йортона юлы өҙөлөп тора икән, әйҙә ижад ҡыуышы барлыҡҡа килһен. Донъялағы шағирҙарҙың берҙән-бер ижад ҡыуышы, бәлки, уныҡылыр. Иркен ҡыуышты Рәми бик тырышып, яратып эшләп ҡуйҙы. Йүрүҙәндең йәмле туғайҙары сәскәләргә, ҡоштарҙың кемуҙарҙан һайрауына күмелгән. Янда Ҡара ерек тигән бәләкәй генә йылға ағып ята. Шиғырҙарҙан арып китһәң, Ҡаратау итәктәрен йәнең теләгәнсә ҡыҙыр, ҡаяларға күтәрел. Бында үҙеңдең ваҡытыңа һин үҙең генә хужа, бүлһә эшеңдән төн генә бүлеп тора. Ләкин әле июнь айы – йылдың иң ҡыҫҡа төндәрендә керпек элергә лә өлгөрмәйһең, ҡоштарҙы ярһытып һайратып таң ата. Йүрүҙән буйҙарына ҡыуыш ҡороп, бер яңғыҙы йәшәп ятырға шағир кешеләрҙән биҙгәндән йәки эше ирегеп, романтика эҙләп килмәне. Әлеге ваҡытта ошонан да ҡулайлыһы булмаҫ тип уйланы. 1962 йылдың мартында Рәми Ғарипов газетанан китте. Тиҙҙән райондарҙы бөтөрөп, төньяҡ-көнсығыштағыларҙан Салауатты, Ҡыйғыны, Дыуанды, Мәсетлене, Балаҡатайҙы ҡушасаҡтар, үҙәге Мәсәғүттә буласаҡ, шунда ҙур күләмле бер генә газета сығасаҡ. Никита Сергеевичтың сираттағы башбаштаҡлығы арҡаһында күпме кәрәкмәгән үҙгәрештәр: ойошмалар бөтөрөлә, кешеләр эшһеҙ ҡала, эштәрен дауам итәсәктәре лә ғаиләләре менән әллә ҡайҙарға күсенергә тейештәр. Хрущевтың был мәғәнәһеҙ үҙгәртеүе тағы ла үҙен аҡламаны, тиҙҙән райондар элеккесә йәшәү рәүештәренә әйләнеп ҡайтты, ләкин күпме көс, матди сығымдар бушҡа түгелде. Рәми Ғарипов һәләтле, тәжрибәле журналист, танылған шағир булараҡ яңы урынға күсеп китә алыр ине. Ләкин уның тағы ла күсенеп йөрөгөһө килмәне, был буталсыҡтар башланғансы уҡ ғариза яҙҙы. Шулай ҙа редакция менән араны өҙмәне. 8 апрелдә «Һабантурғай йырҙары» тигән дөйөм баш менән һигеҙ шиғыры баҫылып сыҡты: «Яҙ ижады» («Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә»), «Төшкөгә ҡайтҡанда», «Һабантурғай», «Туҙға яҙған һүҙ» («Ни хәл генә, яҙғы аҡ ҡайын»), «Сыйырсыҡтар ҡайтты», «Көтмәгәндә» («Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай»), «Әйтер һүҙем бар», «Ғашиҡтар» («Мин яратам ғашиҡтарҙы», «Дүрт миҙгел» (Боронғо йыр). Бындай ҙур шәлкемдәр район газетаһында ғына түгел, республика матбуғатында һирәк баҫыла. Шул уҡ көндө «Путь Октября»ла В. Трубицын, А. Филиппов, М. Ғафуров, В. Лепетин тәржемәһендә шағирҙың ете шиғыры урын алды. Улар артабан да күренгеләне. Бындай баҫмалар район уҡыусылары менән булһа ла бәйләнеште өҙмәү сараһы ине. Әле беҙҙең иғтибарҙы иң ныҡ тартҡаны – уларҙың «Һабантурғай йырҙары» тигән баш менән донъя күреүҙәре. Был ваҡытта шағир бик ныҡышмалы эшләй, тыуған яҡтарға ҡайтҡас ижад иткән шиғырҙарын ентекләп ҡарай, яңыларын яҙа. Улар ҙур китап булып туплана бара. Әле «Һабантурғай йырҙары» тигән исемдә баҫылыуҙары бер ҙә осраҡлы түгел. Буласаҡ китаптың исеме асыҡлана. Район газетаһына күсеп эшләй башлағанда шағир үҙенә асыҡ маҡсат ҡуйғайны: «Ике йыл буйы күргәндәргә йомғаҡ яһарға, үҙемде ғазаплаған һорауҙарға яуап эҙләргә, тормош күренештәрен дөйөмләштерергә һәм ныҡлы бер фекергә килергә, үҙемә лә ҙурыраҡ бер әйбергә тотонорға кәрәк. Яҙырға, яҙырға, яҙырға – юҡһа, мин шартлаясаҡмын» (10.11.61). Көнө буйы редакция мәшәҡәттәре барлыҡ көстө ала. Һәр шиғыр юлы йоҡоһоҙ төндәр иҫәбенә, үҙ-үҙең менән өҙлөкһөҙ көрәшеү иҫәбенә яулап алына. Март аҙаҡтарында ҡатыны менән улдарын Мәскәүгә оҙатып, Рәми барлыҡ ваҡытын тик ижад эшенә бирҙе. Уның күптән инде бындай тыныслыҡ, яҙышыу шатлығы кисергәне юҡ ине. Ҡатыны менән былай тип ҡыуанысын бүлеште: «...работаю очень хорошо, в душе какая-то ясность, чистота, свет и тепло ко всему, родство какое-то с миром, и я так боюсь, что это настроение скоро покинет меня, – хочется скорее, скорее уловить основную волну каждого стихотворения, начинаю и оставляю «на потом», чтобы дорабатывать когда-нибудь; хоть этого настроения и не будет, но все равно уже в бумаге потом вызовет все это»; «Надо покончить со сборником, надо и подстрочник делать, может быть, возьмусь и за «Дневники комсомольского секретаря». Дел много! Я просто наслаждаюсь одиночеством» (2.04.62). Ижад кешеләренә ни тиклем таныш, ғәзиз мәлдәр! Шундай саҡтарҙа шағир тауҙар аҡтарып ташларға һәләтле. Хатта йыл башындағы мәҡәлә лә, сәменә нығыраҡ тейеп, уға яңы көс, ышаныс өҫтәгәндәй: «После той «статьи» Рамазанова я открыл для себя очень важное и, может быть, самое главное – я пишу нужные вещи, и я очень нужный человек для нашей литературы. Значит, я имею свое слово! Все это ощущал я в Уфе. Ждут меня молодые, новые друзья... Поговорили с Мустай агаем – читал ему стихи – потеплел. Все-таки он поэт большой! И очень мешает, по-моему, ему вся эта сайрановщина, сковывает его как поэта и как человека, такого большого...» (2.04.62). Май байрамы алдынан Рәми Өфөлә була, «Ағиҙел»дең бишенсе һанында сығып килгән шиғырҙарының корректураһын уҡый. Университеттағы шиғыр байрамында бик күп билдәле шағирҙар ҡатнаша. Рәми Ғарипов менән Әнғәм Атнабаевты тағы ла алҡышлап, ике ҡабат трибунаға сығаралар. «Туған тел»де уҡыуын һорап, күп яҙыуҙар ала, ләкин шағир тик яңыларын ғына ишеттерә. Малаяҙға ҡайтҡас, яңы китабы өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй. Мәскәүгә ҡатынына ебәрерлек бер тин юҡ. Хаттарында уның сабыр булыуын үтенә. «Ружье Салавата висит на стене и стреляет каждый раз в душу отца. Крови нет, только слезы иногда...», «Продать, что ли, машинку швейную? Будем потом покупать, а? Тебе для детей надо ведь!» Ә инде бына был юлдарҙы яҙғанда шағир аяныс хәлдең сигенә еткән тиерлек: «Вчера я занимался стиркой, стирал и плащ, и брюки. Брюки у меня рваные, заштопал сегодня, утюжил – все-таки не твои руки, мама! Мне стыдно уже ходить днем на улице» (21.05.62). Ошондай саҡтарҙа кеше «ер тишегенә керерҙәй булдым» тигәндер. Һүҙҙе тағы ла комсомолда Рәми менән бергә эшләгән Марс Закировҡа бирәйек: «Надя ике балаһын алып ҡайтып киткән. Тиҙҙән уға өйҙө бушатырға ҡуштылар. Яңы фатир юҡ. Рәми яңғыҙ. Аҡса юҡ. — Балалар хәҙер ҙур, коляска менән теген машинаһын һатыр инем, алыусы булһа, – ти. – Тик ундай нәмәләр магазинда ла бар. Мин уларҙың икеһен дә үҙ хаҡына һатып алдым. Рәми бик шатланды. Ә бер көндө ул: — Китаптарҙы Урал кейәүҙәргә күсерәм дә Ҡаратауға йәшәргә китәм, мылтығыңды бирерһең инде, – ти. Уға ышанмай ҡарағас: — Урманда ҡыуыш ҡорам, яҙыу эштәрем бар, яңғыҙым булғым килә, – ти. КПСС-тың райком секретары М. К. Сабитов менән райсовет председателе З. С. Андреевтең Рәмигә шундай миһырбанһыҙ ҡарашы эсте бошорҙо». Көнкүреш ҡоршауҙарын ватып, шағир һаман азатлыҡҡа атлыға. Күпме юлдар бергә үткән аттарын һағына. Һағыныу ын баҫа алмағас, яланда тышаулы йөрөгән бер атты тотоп, йүгәнһеҙ-эйәрһеҙ ямғыр аҫтында әллә күпме араларҙы сабып үтә, үҙе ошо шиғырын көйгә һалып йырлап бара: Диуана мин, диуана, Донъя менән йыуанам, Донъя минең үҙ өйөм, Донъя моңо – үҙ көйөм... Үҙем нисек теләйем, Ерҙә шулай йәшәйем, Бер кемгә юҡ зыяным, Мин – бер умырзаямын. Һәр терегә һөйөнәм, Тик үлемгә көйөнәм. Ә хәҙергә ҡыуанам, Диуана мин, диуана!.. Рәмиҙәр йәшәгән йортто вата башлайҙар. Эшселәрҙең шау-шыуы теңкәһенә тейһә лә, шағир һүҙҙәрҙең тылсымынан айырыла алмай. Ҡатынына яҙған хатына шиғырҙарын индерә. Азаматҡа арнап «Тубырсыҡ»ты ебәрә. Ватыу шул тиклем кәрәк булғанмылыр, әммә йортто бөтөнләй емерәләр. Ҡаратауға китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Ҡыуышҡа күсер алдынан яҙылған хаттан: «Надя, родная моя! Получил твое большое письмо, очень большое спасибо за рассказ о мальчиках моих, очень рад я и за отзыв твой о стихах, хотя я совершенно недоволен переводами. Черт побери это вавилонское смешение языков!.. Но раз есть мой язык родной, такой же первородно богатый оттенками, красками, жестами, и раз я люблю его до одурения, и раз я знаю, что в будущем времени его не будет (от этого сознания у меня любовь к нему еще сильнее), мне бесконечно жаль, что они на другом счастливом языке не звучат так, как я их пишу на своем бесконечно родном, «на смерть обреченном» языке... /я рыдаю, когда эти строки пишу). О, если бы история могла меня уверить, что жив будет и мой язык в веках и во веки веков будут звучать над Уралом башкирские песни, я сегодня бы, сейчас же пошел на виселицу, чтобы своей счастливой смертью дать долгую-долгую жизнь языку моего народа, языку, который четыреста лет отрезали русские цари Романовы и который теперь хотят продавать за свою дешевую шкуру разные рамазановы!.. Перед майским праздником правительственный лозунг был написан на русском и татарском языках, я звонил в Совмин: что вы делаете, завтра весь народ будет смотреть на это издевательство!.. Вечером же сняли этот лозунг. Это не пустяки... забыть язык целого народа... даже для лозунга!.. Верь мне, Надя, что это не высокие слова, чрезмерно преувеличенные. Нет, нет, нет, это мой стон, крик сердца, святая клятва перед своей совестью, перед духом моего народа, перед временем, перед матерью своей – инэй!..» (21.05.62). Бындай рухи ҡыйралыштар ваҡытында торған йортоңдо емергәндәре лә кесерәйеп ҡалыр һымаҡ. Туған телен мәңге йәшәтер өсөн шағир һис бер икеләнеүһеҙ ғүмерен ҡорбан итергә әҙер. Шағирҙың күҙ йәшен түгеп яҙған хатын уҡығанда Шәйехзада Бабичтың: «Башҡортостан тере ҡала тиһәң, бер йәнемә миллион үлем бир!» тип, аллаға ялбарыуҙарын хәтерләмәй мөмкин түгел. Йүрүҙән буйындағы, Ҡаратау итәгендәге Ҡара ерек йылғаһы янындағы төйәк Рәми Ғарипов өсөн бер ай самаһы ваҡытҡа ижад ҡыуышына әйләнде. Ике йыл буйы тупланған кисерештәргә, уйланған уйҙарға, башҡарылған эштәргә бындағы тынлыҡта ентекле йомғаҡ яһалды. Күп шиғырҙарҙы шағир яңынан эшләп сыҡты, ваҡыт етмәгәндә төртөп-сыймаҡлап ҡына ҡуйғандарын бөтөрөргә мөмкинлек булды. Былтыр апрелдә «Юҡ, намыҫты данға алмаштырмам» тип башланған шиғыр яҙғайны. Совхоздағы низағ-ҡаршылыҡтарҙың киҫкен бер мәлендә тыуғайны ул. Хәҙер инде ул мәлдәрҙән һуң йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Ләкин йәшәйеш барыбер ошо шиғырҙағыса ҡала. Шағир уны бер ни тиклем үҙгәртһә лә, ҡарашы шул көйө һаҡланды. Тик фекере тағы ла нығыраҡ үткерләнде: Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин, Янған өсөн яла яғылыр. Ялған һыйыныр ер булмаһа ла, Яласылар әле табылыр. Тик намыҫты данға алмаштырмам, Юҡ, алданмам арзан даныма. Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде манып ҡаныма. Һәр нәмәне халҡым зиһене менән, Халҡым күҙе менән күрермен. Кәрәк булһа, илем, телем өсөн Ғәзиз ғүмеремде бирермен. Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин! Маҡсатымдың иң-иң алыҫын Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә Балҡып торор ғорур намыҫым! Рәми Ғариповтың яңы төйәге ысынлап та ижад ҡыуышы булды. Элек башлап, яҙып бөтөрә алмаған күпме шиғырҙарға бында нөктә ҡуйылды. Ә өр-яңылары күпме ижад ителде. Йүрүҙән буйҙарындағы илһамлы йәй! Был йәйҙә шағирҙы, бәлки, йәлләүселәр ҙә булғандыр: йәшәр ер тапмайынса, бына ҡыуышта көн күрә бисара! «Әллә үҙ еремдә килмешәк хәлемдә ҡалдыммы?» – тип, Рәмиҙең үҙенең дә үрһәләнгән саҡтары булманы түгел. Башына ауыр уйҙар аҙ килмәне. Йоҡо алмаған төндә ҡыуышта эленеп торған мылтыҡҡа ҡулы үрелгәндә тыуҙы ла инде «Мылтыҡ һәм һандуғас» исемле шиғыр. Ғүмерҙең иң киҫкен мәле: Мылтыҡ тора баш осомда, Ниңә бөтмәй, тип, төнөң? Ә бит бөтә бөтәһе лә – Тарт ҡына бер тәтене... Донъя менән аралар өҙөлөр сиккә еткәндә шағирҙың йөрәген һандуғас йыры сорнап ала: Һайрай ҙа һуң яңғыратып Бар Йүрүҙән төбәген: — Былай ҙа, – ти, ғүмер ҡыҫҡа: Нәҡ шул мылтыҡ көбәге. Сыҡ яныма, сыҡ яныма, Ятма тынсыу ояла – Минең өсөн генә лә бит Йәшәрлек был донъяла!.. Нәҡ бына ошолай донъя һиңә өр-яңынан балҡып ҡарағанда аҙаҡ моңло йырға әйләнәсәк «Таңғы йыр» исемле шиғыр күңелгә килә: Ниңә моңло икән таңдағы йыр, Ярып керҙе ул йыр йөрәккә. Төпһөҙ упҡындарға осҡан мәлдә Таяндым мин ошо терәккә. Ә бит яңыраҡ ҡына йәнде иҙгән сәғәттәрҙә бөтөнләй башҡа шиғыр яралғайны: Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был, Яланғас ел генә күгендә... Бәлки, һуңғы ҡабат килгәнһеңдер, Йән өшөткөс бушлыҡ күңелдә. Икенсе бер юлы ауыр кисерештәр «Яңғыҙлыҡ» шиғырына түгелгәйне. Тормошҡа үпкәләре булғанда ла, рәнйеткәндә, күңеле кителгәндә лә, шағир һаман да донъяға: «Аңла, бел һин: һөйәм һине, һөйәм, бер һөйкөмһөҙ балаң булһам да», – тип, яратып өндәште. Меҫкенлекте ҡолдар өлөшөнә ҡалдырып, «Ә мин – хужаң, ғорур ижадсың мин, мин – биҙәүсең һинең, мин – кеше!», «Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем, байраҡ итеп ошо исемде», – тине. Яңғыҙлыҡ шәхестең тормошта үҙен нығыраҡ раҫлауына килтерҙе, кеше исемен тағы ла юғарыраҡ баһаларға өйрәтте. Шуныһы сәйер ҙә, тәбиғи ҙә: яңғыҙлыҡ шағирҙы кешеләр менән, тыуған ер менән тағы ла тығыҙыраҡ бәйләне. Тәбиғәт ҡосағында һәр үлән ҡыяғы, һәр ҡошсоҡ уның серҙәшенә, ҡарт Ҡаратау уның фекерҙәшенә әйләнде. Ауылда йәшәгән өс йылға яҡын ғүмер, йәғни, өс көҙ, өс ҡыш, өс яҙ, ике йәй Рәми Ғарипов шиғриәтенең артабан уйсанланыу, тормошто төрлө яҡлап аңлау һәләтенең үҫеү дәүере булды. Йүрүҙән буйындағы тынлыҡта шағир яҡташтары менән күргән-кисергәндәренә фәлсәфәүи һығымталар яһаны. Шуныһына иғтибар итмәү мөмкин түгел: яҙ яҡыная барғанда көндәлектәр бөтөнләй яҙылыуҙан туҡтай, апрель-майҙа Мәскәүгә өс хат китә. Йүрүҙән туғайында йәшәгәндә иһә көндәлеккә ваҡыт ҡалмай. Хәҙер бөтә көс, барлыҡ иғтибар – шиғырҙарға. Улар шағирҙың иң кисерешле, иң фекерле, иң камил яҙылған көндәлеге булып, бер-береһенә үрелә бара, бай йөкмәткеле китапҡа туплана. Был китаптың биттәрендә Рәми Ғариповтың ғәйәт үҙенсәлекле донъяһы, көсөргәнешле һәм илһамлы, шатлыҡлы һәм һағышлы яҙмышы күҙ алдына баҫа. Һайлаған төйәген ижад ҡыуышына әйләндерһә лә, шағир бында аҙналар буйына бер яңғыҙы ғына йәшәмәй. Кешеләр менән бәйләнеш бында ла өҙөлмәй. Арҡауылда Рәмиҙәр менән күрше йәшәгән, ауыл советындағы, МТС-тағы, мәктәптәге өс китапхананың китаптарын ярыша-ярыша уҡып бөтөргән, һуғыш йылдарында ауырлыҡтарҙы бергә күргән, шағир тыуған яҡтарына күсенеп ҡайтҡанда Ахунда балалар уҡытҡан Ким Саматовтың «Һуңлап баһаланған талант» тигән иҫтәлектәренән: «Кино булһа, көн дә кис килә торғайны, кино бөткәс, кәмә менән аръяҡҡа – ҡыуышына ҡайтып ҡуна ине. Беҙҙән икмәк, һөт алып китә. Омаров Әғзәм, Ханов Таһир кеүек һәүәҫкәр һунарсылар менән бик дуҫлашып алғайны, уларҙың кәмәһен алып торор ине... Улар үҙҙәренең һуҡыр сысҡанға ҡуйған ҡапҡандарын көн һайын ҡарағанда Рәми менән йыш осрашалар ине. Әғзәмдең һүҙенә ҡарағанда, Рәми үҙенең яҙған шиғырҙарын банкағамы, шешәгәме һалып, Ҡаратауҙың иң текә еренә, таш аҫтына күмеп ҡалдырған. Ошо хаҡта энеләре Рауил менән Уралға ла әйттем. Тик улар бер ҙә килеп, Әғзәм менән Ҡаратауға сыҡҡандары булманы, шикелле». «Һунарсы дуҫым Әғзәм Омаровҡа» тигән арнау менән «Һуйыр» исемле шиғыр ошонда яҙылған. Рәми Ғарипов тураһында минең сценарий буйынса эшләнгән документаль фильмда шағирҙың һунарсы дуҫтары, башҡа яҡташтары нәҡ ҡыуыш торған урындарҙа төшөрөлгән эпизодта ҡатнашты. Ҡаратау ҡаяһы аҫтына йәшерелгән шиғырҙарға килгәндә, был хаҡта өҙөп кенә һүҙ әйтеүе ҡыйын. Шағирҙарҙың исеме тирәһендә халыҡ һәр саҡ төрлө легендалар тыуҙыра. Әлеге хәбәрҙең дә шулай булыуы мөмкин. Һәр хәлдә, шағирҙың үҙенән был хаҡта ишеткән булманы. Унан һуң был осорҙа яҙылған шиғырҙарҙы нисек шешәгә йәки банкаға һыйҙырмаҡ кәрәк? Шиғырҙары ҡайҙалыр күмелеп ҡуйылған икән, моғайын, бер әйтмәһә бер әйтер йәки үҙе эҙләп ҡарар ине. Рәми «йәйләүен» Марс Закиров былай тип хәтерләй: «Шағир йәшәү урыны булған Ҡаратауға китте. Унда егермеләп көн булды. Мин янына бара алманым, ләкин халыҡ үҙенең яратҡан кешеһен яңғыҙ итмәгән. Рәмиҙән кеше өҙөлмәгән. Уның ҡыуышына матур һуҡмаҡ һалынған. Рәми шул мәлдәрҙе көлөп иҫкә алды бер заман: «Үҙем ҡыуышта булғанда, унда «Рәхим итегеҙ!» тигән яҙыу әләм. Китһәм, ҡағыҙ, ручка, бер киҫәк әпәй, һыу ҡалдырам», – тине». Шағир янына әле һунарсы дуҫтары, әле умартасы һуғыла, әле шиғыр тыңларға йәштәр килә. Ҡайһы берәүҙәр уға әллә күпме тарихтар һөйләй: Таныш тарих, тик тыңлайым үҙен: — Ауыҙ ит, тим, балыҡ һурпаһын. Аҙаҡ ҡуйы итеп сәй яһайым, Сәйһеҙ ни ул табын уртаһы?.. Төшлөктәге ҡояш тәнде өтә, Тик еләҫ ел тәнде иркәләй. Еҫе аңҡый ҡайын еләгенең, Яр аҫтында сабаҡ сирткәләй. Ошо юлдарҙа шағирҙың тәбиғәт ҡосағындағы тормошонан тотош бер күренеш. Бында кеше менән әңгәмәләшеүең дә башҡасараҡ, ғәҙәти генә осрашыу ҙа нисектер һағындырған, шуға танһыҡ, күңелле. Бында тормош яңыса йөкмәтке менән тулылана. Тауҙарҙағы, йылға буйҙарындағы тынлыҡта тауыштар асығыраҡ ишетелә, буяуҙар сағыуыраҡ балҡып күренә. Элек иғтибар ҙа итмәгән нәмәләргә хайран ҡалып ҡарайһың, элек янынан вайымһыҙ ғына үтеп киткән урындарҙың матурлығына тәү күргәндәй һоҡланып ҡарайһың: Туҡта, туҡта, ни күрәм: Был бит ялҡын һикерә!.. Ялҡын түгел, тейен ул, Эҙләп йөрөй өйөн ул. Ана тағы атылды – Алып ҡасты ялҡынды. Белмәй тейен балаһы Йөрәгемә ҡабаһын!.. Ер-һыуҙар менән япа-яңғыҙы ҡалғанда, урманға ингәндә кеше нығыраҡ һағайыусан, уның ҡарашы үткерләнә, ҡолағы уяуыраҡ тыңлай, тирә-яҡҡа иғтибары арта. Рәми Ғариповтың ауыл шиғырҙарында тәбиғәт менән бәйләнеш ҙур урын ала. Был бәйләнештең үҫеүе уның лирикаһын яңы сифаттар менән байытты. «Ҡыуышлы йәйләүҙә» йәйҙең йәмле көндәрен үткәреү тирә-йүнде тағы ла һиҙгерерәк күҙәтергә һәйбәт шарттар тыуҙырҙы, йәшәйештең боронғо тамырҙарына яҡынайтты. Зиһенгә тупланған бай тәьҫораттар ул арала ғына шиғырҙарға инеп бөтә алмай ине, ҡапыл ғына һыйырлыҡ түгел ине. Ул тәьҫораттарҙың хазина булып йыйылыуы, шағирҙың киләсәктә ошо сығанаҡтан йыш илһамланасағы мөһим. Рәми йәйләүендәге ижад ҡыуышы, шиғриәт төйәге булып, йәш-елкенсәкте үҙенә тарта. Бында шағир менән ихлас аралашалар, донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп китәләр. Кешеләр өсөн шағир ваҡытын йәлләмәй. Күпме осрашыуҙарҙың иҫтәлеге булып яңы шиғырҙар тороп ҡала. Тәү ҡарашҡа ғәҙәти генә хәлдәр башҡорт шиғриәтенә үҙенсәлекле әҫәрҙәр булып инәсәк: Бөтәһе лә ниндәй тәбиғи был: Килдегеҙ ҙә минең ҡыуышҡа, Әкиәт, йыр, шиғыр тыңлап, йоҡлап Киттегеҙ һеҙ минең тауышҡа. Ә бит һеҙ балалар түгел инде, Һеҙ икегеҙ – ике еткән ҡыҙ. Мин дә ат көтөүсе малай түгел... Шундай һиҙгер һеҙҙең йоҡоғоҙ. Тик бер ни юҡ. Яр буйында бары Кәмә ята, йөрөй ат ашап. Миңә ғәжәп!.. Ҡуйы томанда тик Һандуғастар ғына һаташа... Ысынлап та, бөтәһе лә ниндәй тәбиғи, ихлас. Кешеләр араһындағы эскерһеҙ мөнәсәбәттәр, бер-береңә ихтирам, ышаныс. Борон-борондан килгән халыҡсан ғәҙәттәрҙең матур дауам итеүе, әлегә шул саф көйө һаҡланыуы. Улар артыҡ ғәҙәти күренгәнгәме, шағирҙар был хаҡта бик үк һүҙ ҡуҙғатып бармайҙар ине. Улар өсөн уй-кисерештәр хайран итерлек, һөйөү икән – йөрәктәрҙе өтөрлөк булһын. Ә бында – барыһы ла бик ябай. Ләкин шул ябайлыҡ нимәһе менәндер күңелде арбай. Был йәйҙең эҫе көндәрендә, ямғырлы төндәрендә, ысыҡлы таңдарында, ҡуйы томандарында һандуғастар ғына һаташмаған икән шул. Был йәй йәш йөрәктәрҙе лә һаташтырған, туғай һуҡмаҡтарында аҙаштырған, табыштырған һәм айырылыштырған икән. Шағирҙы хозур тәбиғәт ҡуйынында тылсымлы ҡараш та илһамландырған. Шул ҡараштан күңелде яңы кисерештәр елкендергәндә яңы шиғырҙарҙың эркелеп килеүе һис тә ғәжәп түгел. Бындай мәлдәрҙә ямғыр тамсыларынан да шиғри моң яралырға тора: Тыпыр-тыпыр баҫып бейей Ямғыр минең ҡыуышҡа. Мин шатланам, мин һөйөнәм Күк күкрәгән тауышҡа. Тик һин генә көйөнәһең Ҡойоп ямғыр яуғанға, Мине яңғыҙым ҡалдырып, Ҡайта алмай ҡалғанға... Йәшен ҡылысын сайҡап, әй, Ярһып бейей был ямғыр. Төнө буйы бейеһен ул, Һай, уға рәхмәт яуғыр!.. Был ямғырға шағир ғына түгел, уның янындағы йән дә эстән генә рәхмәт уҡыйҙыр, тыйнаҡлығы ғына уға һөйөнөсөн көйөнөс итеп күрһәтергә ҡушалыр. Тағы ла был донъялағы ғәжәп оҡшашлыҡтарҙы иҫкә төшөрөп, хайран ҡалмау мөмкин түгел. Шөһрәтле ҡырғыҙ яҙыусыһы, егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарынан башлап барлыҡ ҡитғаларҙа уҡыусыларҙы яулап алған Сыңғыҙ Айтматовтың «Йәмилә» повесын кемдәр генә һоҡланып уҡыманы икән? Нәҡ ошо әҫәре менән ул донъя әҙәбиәтенә йондоҙ булып балҡып килеп инде. Рәми Ғариповтың «Тыпыр-тыпыр баҫып бейей...» исемле шиғырын уҡығанда Сыңғыҙ Айтматовтың повесында һүрәтләгән ҡойма ямғырлы төн, ҡыуыштағы Йәмилә менән Даниярҙың яҙмыштары хәтергә килә. Ғариповтың 1962 йылда яҙылған, «Һәр тарафым тулы мөхәббәт бит, һәр сәскәлә, һәр ҡош телендә...» тип башланған шиғыры: Муйынымдан һыуға сумған көйө Сарсап, янып, һыуһыҙ интегәм. Бар донъяһын һемереп эсер инем, Ҡулым етмәй һиңә, Етегән – тигән ярһыу менән тамамлана. Тыуған яҡтарҙағы был йәй ашҡыныулы ла, һағышлы ла, илһамлы ла, уңышлы ла булды. Күңелендәге яңы тойғоларҙы шағир башҡаларға белгертмәҫкә, хатта тыйырға тырышһа ла, күпме шиғырҙарынан барыбер мөхәббәттең ҡайнар һулышы бөркөлөп тора. «Һин, эйелеп, өҙөп бирҙең миңә ике тамсы ҡайын еләген» – был емеште ҡайһы һылыуҙың ҡулдары өҙгәндер, уныһы беҙгә билдәһеҙ. Уныһы эйелеп өҙөүсе ҡыҙ менән татып ләззәтләнеүсе шағирҙың сере булып ҡаласаҡ. Был хаҡта беҙ: Янып бешкән ошо еләк тәмен Юғалтырға ҡурҡып йөрөнөм. Гүйә, был пар еләк үҙе ине Тетрәп торған ике иренең! – тигән һүҙҙәрҙе генә беләсәкбеҙ. Икенсе бер шиғырҙағы: Кил, кәмәлә тирбәтәйем һине, Эсә-эсә зәңгәр нурыңды. Көндәр буйы мин бит, үҙең юҡта, Һинең менән генә һөйләшәм. Ә үҙеңде ап-аҡ кейемеңдә Килгән сырхауҙарҙан көнләшәм. Ә кисен юҡ һүҙем, тик үҙеңде, Тик үҙеңде килә эсәһем, – тигән юлдарҙа зәңгәр күҙле, аҡ кейемле ҡыҙ төҫмөрләнеп ҡалғандай. «Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә...», «Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡыны» – был шиғырҙар ҙа һылыуҙың һүрәтенә үҙенсә һыҙаттар өҫтәй. Ләкин Рәми Ғарипов тормош юлының бер ҡатлы миҙгелдәрен үткән, хәҙер инде ул һөйгәненең исемен ҡат-ҡат атап, элеккесә дәфтәр биттәрен тултырмай. Тойғоларын мөмкин тиклем төпкәрәк йәшерергә тырыша. Тик шиғырҙарҙа «Бәхет түгел һиңә минең һөйөү, был тик минең һуңғы күкрәү», «Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был, һуңғы балҡыуылыр күҙемдең» тип болоҡһоуҙар Рәми Ғариповтың был йәйҙәге татлы ғазаптарын йәшермәй һөйләй. Ә был һүҙҙәр Йүрүҙән буйындағы серле һылыу менән, бәлки, хушлашыу йыры булып тыуғандыр: Теләһәң дә барыһын оноторға, Мөмкинме һуң барыһын онотоу? Әле сабый булып көлһәк тә беҙ, Ул һуңынан килер ут йотоу... Башҡа берәү, сәстәреңдән һыйпап, Уятҡанда һәр бер иртәлә, Бел – минең ҡул наҙлап һөйөр һине, Бел – минең ҡул һине иркәләр! Мин ғазаптар аша килдем һиңә, Һин сафлығың аша атланың. Мин һүҙемде гөлдәр итеп һиптем, Һин шиғырҙар итеп ятланың... Шағирҙарҙың яҙмышында иҫтәлекле урындар, үҙенсәлекле билдәләр, ҡәҙерле ҡомартҡылар тамғаланып ҡала. Йүрүҙәндең текә ярындағы тау ҡыуышын Салауат мәмерйәһе тип йөрөтәләр. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә ғилем таратып күпме юлдар үткән мосафир шағирҙың исеме менән Аҡмулла арбаһы тарихҡа инеп ҡалған. Ҡанатлы мандолина сәсән, виртуоз музыкант Шәйехзада Бабичтың айырылмаҫ юлдашы булған. Күпме шиғырҙарҙың тыуыуына ғәзиз төйәккә әйләнгән Йүрүҙән буйҙарындағы Рәми ҡыуышы ла әҙәбиәтебеҙҙә юйылмаҫ эҙе менән тамғаланды. Шағир киткәс тә был урынға килеүселәр ошондағы һуҡмаҡтарҙан үткәндер, аҙаҡ ел-ямғырҙар, ҡар-бурандар ҡыуыштың һуңғы эҙҙәрен дә юйғандыр. Ләкин ошонда ҡанатланған шиғырҙар күпме ваҡыт һынауҙарын үтте. Киләсәктә лә уларҙың ҡанаттары талырлыҡ түгел. Алтмышынсы йылдар башы Рәми Ғарипов ижадында бығаса күрелмәгән күтәрелеш дәүере булды. 1959 йылда бер генә юл да тиерлек яҙылмаһа, 1960-1962 йылдарҙа 150-нән ашыу шиғыр ижад ителде. Төрлө ҡараламаларҙы барлаһаң, тағы ла күберәк. Шағир йылдан-йыл ырамлыраҡ эшләне, һуңғы йыл айырыуса илһамлы, уңыштарға бай булды. Бөйөк Пушкиндың ижад юлында иң емешле, иң бәрәкәтле бер миҙгел Болдино көҙө булып тарихҡа инеп ҡалған. Рәми Ғарипов шиғриәтендә ғәйәт илһамлы алтмышынсы йылдар башын Йүрүҙән дәүере тип билдәләргә мөмкин. Тулыр-тулмаҫ өс йыл шағир бай тормош юлы, етеҙ ижади үҫеш баҫҡыстары үтте. Егерменән артыҡ ауылдың йәштәре менән эшләү уны күпме онотолмаҫ яҙмыштар менән осраштырҙы, төрлө кимәлдәге етәкселәр менән бәйләнешкә индерҙе. Тыуған яҡтарын да, яҡташтарын да Рәми Ғарипов яңыса күрҙе, тулыраҡ аңланы, нығыраҡ яратты. Район газетаһында эшләү уға башҡа урында булмаясаҡ тормош тәжрибәһе өҫтәне. Йүрүҙән дәүеренең һуңғы аҙналарында шағир тыуған тәбиғәтенә һыйынды, ер-һыуҙарҙан көс алды. Тулыр-тулмаҫ өс йылда Рәми Ғарипов өс ҡабат йәшәү һәм эшләү урынын алмаштырҙы: тәү ҡат шиғыр яҙған Арҡауылы – район үҙәге Малаяҙ, – Йүрүҙән буйындағы ҡыуыш; комсомол секретары – журналист – сәхрәләге ирекле шағир. Һәр урын үҙенең һынауҙары, кисерештәре менән шағирҙың зирәк зиһенен туҡтауһыҙ үткерләне, йөрәген сыныҡтырҙы, һынсыл аҡылы бөтмәҫ һорауҙарға яуап эҙләне. Был йылдар шәхестең ер һәм кешеләр менән, Ватан һәм халыҡ менән бәйләнешен тағы ла көслөрәк һәм мәғәнәлерәк итте. Эйе, Рәми Ғариповтың тыуған яҡтарына ҡайтыуы башҡорт әҙәбиәте тарихына бығаса булмаған иң илһамлы ҡайтыу булып инде. Беҙҙә әлегәсә шағирҙарҙың ундай ҡайтыуы юҡ. Йәшәү урыны үҙгәрһә лә, шағир үҙенең иң юғары маҡсатына тоғро ҡалды, һәр ҡайҙа ла шиғриәт тип йәшәне, ил-тел тип янды. Нахаҡ ғәйептәр өйһәләр ҙә, һүҙенә тоғро ҡалды, ҡулына һуҡһалар ҙа, ҡәләмен төшөрмәне. Тыуған яҡтарға ҡайтып, бер шәлкем шиғырҙар яҙып килеү ҙә шағирҙар өсөн ижад шатлығына әйләнә. Йөҙәрләгән шиғырҙарҙың тыуыуы иһә тотош әҙәбиәттең шатлығы ул. Рәми Ғариповтың ҡайтыуы бына шундай күренеш тыуҙырҙы. Ҡаратауҙың бейек түбәһендә Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ. Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң, Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ, – «Маяҡ» шиғырындағы был һүҙҙәр Рәми Ғариповтың ижадындағы яңы бейеклектәр тураһында ла уйландыра. Тирә-яҡты ус төбөндәге һымаҡ күрһәтерлек бейеклектәр яулауы еңел түгел, ә бына шул юғарылыҡта ҡалыуы, яңы киңлектәрҙе күрә алыуы тағы ла ҡатмарлыраҡ. Уңыштары ҙурыраҡ булған һайын ижадсының алдағы яуаплылығы ла нығыраҡ арта. Йүрүҙән туғайындағы һуҡмаҡтарҙан үткәндә шағир был хаҡта, бәлки, бик үк уйланмағандыр ҙа. Әле күңелендә айырылыу һағыштары ла, алыҫ юлға ынтылыш та бергә үрелгән. «Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә, иртәгәгә баҫһын береһе» тигән юлдар ҙа ошонда яҙылды бит. Рәми Ғариповтың әле шундай сағы: бер аяғы – Йүрүҙән буйҙарында, икенсеһе менән Өфө тауҙарына баҫырға тора. Бишенсе бүлек Һабантурғай йырҙары Рәми Ғарипов Өфөгә яңы китабын тиҙерәк сығарырға тип ашҡынып ҡайтты. Исеме «Һабантурғай йырҙары» буласаҡ – быны ул былтыр ошо шиғыр яҙылғас та уйлап ҡуйғайны. Башҡаса атауҙы шағир хәҙер күҙ алдына ла килтермәй. «Таш сәскә»нең сыҡҡанынан һуң тотош дүрт йыл үтеп бара. Яңы йыйынтығын ҡулға алғансы күпме ваҡыт уҙыр? Яңы китап менән күренмәгәнгә артыҡ оҙаҡ булып китә түгелме? Бөтөнләй яҙылмаһа – бер хәл, яңы шиғырҙар һаман да эркелешеп килә. Матбуғатта күренгәндәре шуларҙың кескәй генә бер өлөшө икәнлеген шиғриәт һөйөүселәр түгел, хатта яҡын ҡәләмдәштәре лә белмәй. Яңы баҫмала шиғырҙар бер-береһенә үрелеп киләсәк, тыуған ер моңон, тормош һулышын еткерәсәк. Улар барыһы ла уртаҡ ерлектә тыуған, китап бүлектән бүлеккә үҫә барыусы айырылғыһыҙ бер бөтөн итеп уйланылған. Шул көйө донъяға күрһәтергә яҙһын. Барлай башлаһаң, бик күп йыйылып китә – ауылда йәшәгәндә ике йөҙләп шиғыр яҙылған! Илленсе йылдарҙың аҙағы бөтөнләй емешһеҙ булды – 1959 йылда, исмаһам, бер шиғыр тыуһасы... Килмәһә, килмәй икән. Уның ҡарауы, быуаттың яңы тиҫтәһендә эш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Рәми Ғарипов ижадындағы иң илһамлы алтмышынсы йылдар! Уларҙы күҙ алдына килтереү өсөн шағирҙың тәүге томындағы йөкмәткене – әҫәрҙәр исемлеген барлау ҙа етә. 1960-1962 йылда уға тиклемге туғыҙ йылға ҡарағанда ике тапҡырҙан күберәк шиғырҙар ижад ителгән. Шағирҙарға Болдино көҙҙәре төрлөсә килә, күрәһең. Рәмиҙең тормошонда ул илһамлы мәлдәр, Арҡауыл йәйҙәре һәм ҡыштары, Йүрүҙән яҙҙары һәм көҙҙәре булып, әллә ни арала үтте лә китте. Бына шағир яңынан Өфө кешеһенә әйләнде. 1962 йылдың 1 авгусынан Рәми Ғарипов «Совет Башҡортостаны» н да әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй башланы. Редакциялар хәҙер Карл Маркс урамынан Пушкин урамына күскән, күпселек баҫмалар ошонда тупланған. Тормош ҡайнап тора. Был бинаны үҙенсә бәләкәй генә Матбуғат йорто тиерлек. Шулай итеп, шағир бынан ете йыл элек үҙенең хеҙмәт юлын башлап ебәргән коллективҡа яңынан әйләнеп ҡайтты. Байтаҡ нәмәләр үҙгәрһә лә, редакциялағы байтаҡ кешеләр башҡа булһа ла, эштең асылы шул уҡ. Ҡыҫҡаһы, газета – туҡтауһыҙ хәрәкәттәге конвейер, һәр хеҙмәткәрҙең көндәре-төндәре ошо ағымға, уның ритмына бәйләнгән. Шағирҙың, әҙиптең илһам сәғәттәре менән был. конвейер иҫәпләшеп тормай. Былар бөтәһе лә Рәми Ғариповҡа күптән таныш. Хәйер, ниндәй генә хеҙмәттә лә ижадсы булыуың өсөн ташламалар яһарға, нисек тә еңеллек килтерергә тырышып торған етәкселәрҙе Рәмиҙең әлегә тиклем осратҡаны юҡ. Шулай ҙа күңелде күтәрерлек үҙгәрештәр хәҙер байтаҡ күренә. Бигерәк тә һәләтле йәш авторҙарҙың күбәйеүе ҡыуандыра. 1962 йылдың көҙөндә йәш яҙыусыларҙың республика конференцияһында, яңы көстәр хаҡында фекер алышыуҙа әҙәбиәттең киләсәгенә ышаныс артты. Шиғырҙары тикшерелгән һәләтле йәштәр байтаҡ булды, араларынан Рәшит Назаров барыһын да таң ҡалдырҙы. Ун һигеҙ йәшлек шағир шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыны. Редакциялар хәҙер Башҡорт дәүләт университетына яҡын ғына. Унда эшләп йөрөгән йәштәр ҡулъяҙмаларын тотоп йыш килә, ҡайһы берҙәре уҡыу араһында бында хеҙмәттәшлек итеп тә йөрөй. Рәми әҙәбиәткә юл ярырға тырышыусыларға һәр саҡ ярҙамсыл булды, уңыштарына ихлас ҡыуана белде. Алтмышынсы йылдарҙа ижад донъяһына атлаусы йәш быуын шағирҙары менән бәйләнеш уның ижади тормошоноң бик мөһим бер өлөшөнә әйләнде. Элек йәштәрҙең эҙләнеүҙәрендә ул үҙе лә шул яңы исемдәрҙең береһе булараҡ ҡатнашһа, инде килеп Рәми Ғарипов төплө кәңәшсе, тәжрибәле оло ҡәләмдәш сифатында нығыраҡ таныла барҙы. Зирәк, иғтибарлы остаз менән маҡсатҡа тоғро, һәләтле шәкерттәр араһындағы үҙенсәлекле, бәрәкәтле бәйләнеш нәҡ ошо алтмышынсы йылдар башында тыуҙы, артабан ныҡлы традицияға әйләнде. Миңә Рәми Ғарипов менән уның «Совет Башҡортостаны» газетаһында яңынан эшләй башлаған йылдарында яҡынданыраҡ танышырға, 1964 йылдарҙан башлап ғүмеренең аҙағына тиклем йыш аралашып йәшәргә насип булды. Шуға күрә шағирҙың тормошо, ижады тураһындағы ошо китабымдың быға тиклемге дүрт бүлеге уның әҫәрҙәрен, уға ҡағылышлы материалдарҙы өйрәнеү нигеҙендә яҙылһа, был һуңғы бишенсе бүлектә бәйән ителәсәк хәл-ваҡиғаларҙың байтағын мин ишетеп йәки уҡып ҡына түгел, күреп, үҙ башымдан үткәреп беләм. Шул йылдарҙан алып башҡорт әҙәбиәтенә Рәми Ғарипов менән, берҙәй булмаһа ла, бергә хеҙмәт ителде. Шағирҙың был осорҙағы ижади үҫеше, ҡатмарлы яҙмышы хаҡында көсөмдән килгәнсә тулыраҡ һөйләү өсөн, әлбиттә, иң элек уның шиғырҙары, көндәлектәре, мәҡәләләре, башҡа сығанаҡтар нигеҙ буласаҡ. Ләкин мөмкинлектәрем хәҙер инде былар менән генә сикләнмәй. Ошо йылдарҙағы әҙәби хәрәкәттең ҡатнашыусыһы булараҡ, байтаҡ күренештәргә, әҫәрҙәргә ҡарата минең үҙ ҡарашым, объективлыҡҡа дәғүә итеүсе шаһит раҫлауҙарым бар. Әлбиттә, шағирҙың ғәйәт үҙенсәлекле донъяһын аңлауы тикшеренеүсегә генә түгел, ҡайһы саҡта хатта уның үҙенә лә ауырлаша. Әммә яҡындан күреп белгән, йыш ҡына фекерләшкән, кәңәштәрен тыңлаған ижадсы тураһында һүҙ йөрөтөүе үҙ заманың, үҙ быуының, ниндәйҙер дәрәжәлә үҙеңдең яҙмышың тураһында ла уйланыу ул. Бында шәхси мөнәсәбәтте, субъектив моменттарҙы бөтөнләй инҡар итеү мөмкин түгел. Берәүҙең ҡарашы икенсенең күреү-аңлауы менән тап килмәүе лә бар. Ләкин төрлө күҙлектән ҡарау хәҡиҡәтте тулыраҡ күрергә нығыраҡ ярҙам итә. Өфөгә яңынан әйләнеп ҡайтмаҫ борон уҡ Рәми алдына инде нисәмә йылдар буйына тынғы бирмәгән торлаҡ мәсьәләһе килеп баҫты. Йәмле Йүрүҙән буйында илһам төйәге булған ҡыуышы менән хушлашҡанда «Бейеш» йырындағы «Йәйгенәһен бында, һай йәйләнем, ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлайым» тигән һүҙҙәрҙе шағир эстән мөңгөрләп моңһоу ғына ҡабатлағайны. Илһамлы төйәк бик ҡатмарлы, мотлаҡ хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе лә ҡуйғайны. Баш ҡалаға күсенергә йыйынғанда шағир бына ошо хатты яҙҙы: «Председателю Совета Министров Башкирской АССР товарищу Акназарову З. Ш. от поэта, члена ССП СССР Рами Гарипова Уважаемый товарищ Акназаров! Я вынужден обратиться к Вам с этим письмом-заявлением и глубоко надеюсь, что Вы не оставите его без внимания. Дело в том, что после окончания в 1955 году Литературного института им. М. Горького в Москве, четыре года проработав в редакции республиканской газеты и в книжном издательстве, по призыву партии поехал работать в деревню и три года работал в новоорганизованном совхозе секретарем комитета ВЛКСМ, сотрудничал в райгазете, и вот теперь, после ликвидации районных газет, хочу вернуться в Уфу, заниматься творческой работой. Но для этого у меня нет никакой возможности, т.к., уезжая в деревню, я по договоренности с правлением Союза писателей и исполкомом Кировского райсовета оставил свою квартиру (вернее – свой чердак) своему товарищу по работе, писателю Н. Мусину, а правление Союза обещало новую, как только приеду. Но правление не могло в этом году выделить мне квартиру, в результате чего я остался не только без квартиры, но и даже без полуразрушенного чердака, который я получил после долгих мытарств, когда уже в одной из редакционных комнат издательства умерла моя дочка, умерла от простуды... А претендовать теперь на этот чердак я не имею теперь никакого морального права, т. к. товарищ Мусин тоже человек семейный, как и я, с двумя детьми, вдобавок к этому, самый плодотворно работающий из молодых башкирских писателей и в то же время учится на вечернем отделении Башгосуниверситета. Как я могу по отношению к своему собрату по перу поступить так не по-человечески? Как некоторые товарищи поступили по отношению ко мне, разделив трехкомнатную квартиру тому, который даже и детей-то не имеет?.. Значит – мне надо ждать, опять обивать пороги райсоветов, опять скитаться по частным квартирам с детьми!.. Но сколько уже можно терпеть? Я уже восемь лет мучаюсь без нормального жилья, лишенный самых элементарных условий для творческой работы. За это время я выпустил четыре книги, теперь заканчиваю книгу стихов «Песни жаворонка», работаю над повестью о сегодняшней деревне и живу в шалаше в Салаватском районе, выслушав разные выкрики критиков-демагогов и районного начальства, без никакой материальной и моральной поддержки... И все-таки бесконечно обидно становится за судьбу башкирских писателей, которых не так уж много в республике и которые могли бы гораздо больше сделать, чем они делают сейчас, мечтая о каком-то гнезде для существования... Очень прошу Вас, тов. Акназаров и башкирское правительство, помочь нам и мне выйти из такого положения. С великой просьбой – Рами Гарипов. 5.VI.1962 г.» Зарығып яҙған был юлдар шәхси хат ҡына түгел, шул осорҙағы күпселек башҡорт әҙиптәренең ауыр социаль хәлен күрһәтеүсе мөһим документ та ул. Иртәгеһе көнгә оло өмөттәр бағлап, ҡайһы яҙыусыларыбыҙ ошондай әрнеүле хаттар яҙманылар икән?! Әҙәбиәтебеҙҙә бындай үтенес-ғаризалар үҙҙәре бер жанр тәшкил итерлек. Әлегә хатта шуныһы ла асыҡ күренә: Рәми үҙен генә түгел, бөтә башҡорт яҙыусыларын яҡлап һүҙ әйтә. 30 июлдә йәшәр торлаҡ һорап, Киров райсоветы рәйесе Б. Ш. Килдебәковҡа яҙған хатында шағир: «В настоящее время не имею никакого жилья, живу с семьей в дровяном сарае бывшей квартиры», – ти. Яҙыусылар союзы рәйесе Назар Нәжмиҙең ошо уҡ көндө яҙып биргән белешмәһендә: «Он действительно при отъезде в длительную творческую командировку по решению Правления Союза писателей БАССР от 20 июня 1959 года в Салаватский район свою жилую площадь по улице Фрунзе, 58, кв. 5 с согласия Союза писателей, оставил стоявшему на очереди молодому писателю Нугману Мусину», – тиелә. Шулай итеп, ижады тотҡарланып ҡалған кризислы бер мәлдә ҡатыны, бер улы менән тыуған яҡтарына комсомол эшенә киткән Рәми өс йылдан һуң ҡатыны, улдары Салауат, Азамат менән, шулай уҡ өр-яңы ике йөҙләп шиғырҙан төҙөлгән «Һабантурғай йырҙары» тигән йыйынтығының ҡулъяҙмаһы менән яңынан Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм элекке фатирының ишек алдындағы һарайҙа йәшәй башлай. Ни тиклем рухи байлыҡҡа – тотош хазинаға хужа булып ҡайтып төшөү һәм ни тиклем ауыр хәлдә, матди фәҡирлектә тороп ҡалыу... Тормош яңынан баш ҡалала башлана, тағы ла күңел байлыҡтары менән көнкүреш ярлылыҡтарының киҫкен бәрелешендә башлана. Күпме йәш ижадсыларҙың ғаиләләрен йылдар буйына һеңгәҙәткән хәлдәр. Ләкин Өфөнән китеп, бер нисә йылдан Рәми Ғарипов һымаҡ ошондай ижади еңеү менән ҡайтыусыларҙы башҡорт әҙәбиәте быға тиклем белмәй ине. Дөрөҫ, фажиғәле яҙмыш кисергән Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ» романын төрлө ерҙә яҙҙы, Бөрө ҡалаһында тамамланы. Әммә уға Өфөгә әйләнеп ҡайтырға, әҫәренең баҫылып сығып, донъя шаулатҡанын күрергә насип булманы. Күренекле тел белгесе, әҙип Әкрәм Бейештең иҫтәлектәренән: «Бер ваҡыт ул беҙгә килеп инде лә: «Беҙ ауылдан күсеп килдек бит әле», – тине. «Ҡайҙа тораһығыҙ һуң?» – тип әйтәм. «Һарайҙа», – ти Рәми. «Нисек һарайҙа?» Баҡһаң, үҙе ауылға киткәс, бер ағас йорттоң сарлаҡ башындағы квартирын Яҙыусылар союзы икенсе кешегә биргән, Рәми уны-быны уйлап тормай, күсенеп килгән дә, шул йорттоң ишек алдындағы һарайға барып ингән икән. Көҙгө һыуыҡ төшөп килгән саҡ. Мин түҙмәнем, Рәмигә эйәреп, шунда киттем. Барһаҡ, һарайҙың бер яҡ башындағы урында Надя ике балаһы менән шоҡрайып ултыра. Ҡот юҡ. Мин уларҙың ваҡ-төйәк нәмәһен күтәрешеп, үҙебеҙгә алып киттем. Беҙ өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһендә тора инек. Ҡалған ике бүлмәһендә – тағы ике ғаилә. Ул саҡта беҙҙең һымаҡ кеше айырым фатир алып тора алмай, ике-өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен бирһәләр, шуға ҡыуанып бөтә алмай торғайны. Өс ғаилә торған фатирға тағы Рәмиҙәр килеп ингәс, өй эсе мыжғып китте. Элек кеше киң күңелле булған: минең ҡатын да, күршеләр ҙә быға һис бер ризаһыҙлыҡ белдермәне, бер һүҙ әйтмәне. Беҙ ике ғаилә, ете кеше, бәләкәй генә бүлмәлә ике айҙан артыҡ торғанбыҙҙыр». Милли интеллигенция йәштәре нисәмә йылдар буйына Ағиҙел ярындағы шәхси йорттарҙың берәй мөйөшөндә көн күргән саҡтарҙа күршеләр менән булһа ла ҡала шарттарындағы йәшәүгә күсеү үҙе ҙур шатлыҡ ине. Йәштәрҙең күбеһе ул заманда фатирһыҙ булыуына артыҡ бошоноп та барманы, шулай тейеш һымаҡ ҡабул итте. Улай ғына ла түгел, ҡала фатирына күсеүселәргә улар нисектер матди яҡтарҙы рухи ихтыяждарҙан өҫтөн ҡуйыусыларға ҡарағандай кәмһетеберәк ҡараны. Рәми тураһындағы иҫтәлектәрендә Рәшит Солтангәрәев шул хаҡта ла әйтә: «Өфөгә килеп, тормош башлаған беҙҙең кешеләргә ошо сират күперҙәрен мотлаҡ үтергә тура килә ине. Түҙгәндәр ҡала, түҙмәгәндәр китеп бара. Йәш саҡта ул-был ғына ауырлыҡтарға иҫ китмәй, шулай тейештер тип уйлайһың да ҡуяһың. Бындайҙарҙың бөтәһен дә матбуғатҡа, әҙәбиәткә булған мөхәббәт, асыҡ маҡсат тота. Хатта беҙ ҙур фатирҙарҙа мул тормош менән йәшәп ятҡан кешеләргә сирҡаныбыраҡ, һәр хәлдә ят итеп ҡарай инек». Әлбиттә, шулай уйлаһа әле яңы ғына донъя көтә башлағандар уйлағандыр. Ике балаһы менән ҡатыны һарайҙа көҙгө һыуыҡта ҡалтыранып ултырғанда, ғаилә башлығында нисек тә торлаҡ табыу хәстәре. Ярай әле кешеләрҙең бер-береһенә эскерһеҙ, ихлас мөнәсәбәттәге замандары: ярҙам ҡулы һуҙыусылар табыла. Әкрәм Бейештең Рәмигә бик ауыр саҡта хәстәрлек күрһәтеүе оло ихтирамға лайыҡ булыуын әйтеп, иҫтәлектәренә бер асыҡлыҡ индереп үтергә кәрәк. Ул «бер үҙе бер бүлмәлә булған Рауил ағаһының ғаиләһен үҙенә индермәне. Күрәһең, ул бер инһәләр, сыҡмаҫтар, тип ҡурҡҡан», – тип яҙа, был һүҙҙәр шағирҙың бер туған ҡустыһына ауыр ғәйеп булып төшә. Асылда Рауил Ғарипов 1962 йылдың декабрендә Октябрь революцияһы урамында фатир алғас та ағаһын ғаиләһе менән үҙенә күсереп ала, улар 18 квадрат метрлыҡ бер бүлмәлә биш ай бергә йәшәйҙәр. Аяғын һындырған әсәләре лә больницанан һуң байтаҡ ваҡыт ошонда була. 1963 йылдың 30 апрелендә Яҙыусылар союзында Мостай Кәрим һәм Назар Нәжми менән һөйләшкәндән һуң Рәми Ғариповтар ҡунаҡханаға күсәләр. Шағирҙың был осорҙағы тормошона бәйле тағы ла бер аңлатма биреү мотлаҡ: уның икенсе томдағы көндәлектәре 429-сы биттә 1962 йылдың 11 июле менән тамамлана. Ләкин был көндәге яҙмалар яңылыш урынлаштырылған, дөрөҫөндә улар 1963 йылдың 11 июленеке булырға тейеш. Шатлығынан ҡанатланған Рәми ул көндө бына нимәләр яҙған: «Мең-мең бәләләр менән ете йыл буйы хыялланған фатирға ордер алып ҡайттым! Күпме ғүмер, күпме көс шул фатир арҡаһында һәләк булды!.. Һигеҙ йыл буйы бергә йәшәп тә, ҡатынға бөгөнгө кеүек ҙур бүләк биргәнем булманы. Ул бүләк – ошо фатирҙың асҡыстары. Бөтә күргәндәр, бөтә кисергәндәр артта инде. Ҡалған ғүмерҙе иҫән-һау ғына эшләп үткәрергә яҙһын! Хәҙер минең төн ултырып шиғыр яҙырға үҙ мөйөшөм бар. Ике бүлмә, кухня айырым, бөтә уңайлыҡтары менән. Тыныс буласаҡ кеүек. Тәҙрәләр эргәһенән генә урман башлана. Иң яҡшыһы шул. Ярай, ғүмерҙе яңынан башлап ҡарайыҡ». Был юлдарҙы шағир 1962 йылдың июлендә үк яҙа алһа, үҙе лә, ғаиләһе лә күпме михнәттәрҙән алданыраҡ ҡотолған булыр ине лә бит. Юҡ шул, Өфөгә ҡайтып, үҙҙәренең торор ерҙәре булмауҙан бер йыл ыҙа сиккәндән һуң ғына Рәми Ғариповтар мәктәп-интернат туҡталышына яҡын йорттоң (Октябрь проспекты, 103/1, кв. 2) беренсе ҡатында, ниһайәт, әҙәмсә йәшәй башлайҙар. Ғаиләле көйөнә торлаҡҡа интеккән шағирҙың күргәндәренә ентекле генә туҡталыу һис кенә лә уны ауырлыҡтар ҡорбаны итеп күрһәтергә йәки йәлләтергә тырышыуҙан түгел. Был яҡтан уның яҙмышы бик күптәрҙекенә оҡшаш. Рәми Ғариповтың башына төшкән нужаларҙы уның байтаҡ замандаштары ла күтәрҙе. Хатта нисәмә йылдар буйына фатирға сираттарын еткерә алмайынса ҡаңғырғандар аҙ инеме ни? Әлбиттә, ил күргәнде шағир ҙа күрҙе. Ләкин уның юғалтыуҙары башҡасараҡ шул. Күпме шиғырҙар шул сәбәпле яҙылмай ҡалды. Урман ситендәге йортта йәшәп алып киткәс, торлаҡ мәсьәләһе байтаҡ ваҡыттарға тынысланып ҡалды. Ә ижад юлында уңыштар, шатлыҡтар араһында ҙур-ҙур ҡаршылыҡтар ҙа береһе артынан береһе аңдып ҡына торҙо. Шуныһы сәйер: алтмышынсы йылдар башында яҙмыш уға шундай яман «сюрприздарҙы» йыш бүләк итеүсән булып китте. 1962 йылды матур ғына ҡаршы алғайнылар, икенсе улдары Азаматҡа бер йәш тулғайны. Декабрь аҙағында Өфөлә гөрләп үткән шиғыр кисәһендә яңынан трибунаға саҡырып алҡышлауҙар байрам кисендә лә иҫкә төшөп, күңелде йылытып торғайны. Тик бер аҙна ла үтеп өлгөрмәне, Ғилемдар Рамазановтың мәҡәләһе менән «Совет Башҡортостаны»ның 4 ғинуар һаны килеп етте. Шунда яҙылған нахаҡ һүҙҙәрҙән шаңғып йөрөүҙәрҙе ғүмерҙә оноторлоҡ түгел. Күңелдәге яралар төҙәлеп тә бөтмәгән, яңынан ҡуҙғаталар. Туған телде бергәләп ҡурсалар урында аҡыл һаталар, телде йәберләп, тағы ла тел сарлайҙар. Шағирҙың көндәлегенән: 1963 йыл. 3 ғинуар. «Ағиҙел» редколлегияһында «Аманат»ты тикшерҙеләр. Рафаэль уҡып бөткәс, береһе лә һүҙ башлай алмай, ауыр тынлыҡ урынлашты. Бөтәһенең дә йөҙө етди, бөтәһе лә үҙ эсенән генә һөйләшә ине. Хәким ағай, ахырҙа, Әхнәф Харисовҡа һүҙ бирҙе. Харис ағай ғәҙәтенсә «ҡапаҡ» тимәне. — Шиғыр ҡобайырҙың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып, до предела эшләнгән. Һәр бер юлы ҡойоп ҡуйылған. Уйландыра ла, тағы ла икенсе уйҙар тыуҙыра. Теле юҡтың иле юҡ, Иле юҡтың ирке юҡ, – тигән категорически формулировка менән килешеп булмай, – ти. Бик йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртты. Был түшәген Әсғәт Мирзаһитов күтәреп алды. Шиғыр эшләнеше яғынан, уныңса, классически эшләнгән. Ләкин идея йәһәтенән партия программаһына тура килмәй. Йәнәһе, хәҙер ассимиляцияға юл тотҡанда, бөтә телдәрҙең берләшеүенә барғанда, шиғыр төрлө толкованиеларға юл ҡуясаҡ». Бына шулай башланып китә «Аманат» ҡобайыры тураһында фекер алышыу. Әҫәр кире ҡағыла. «Хәниф Кәрим: «Мин Әхнәф Ибраһимовичтың фекеренә ҡушылам», – тине». «Назар ағай бер-ике һүҙ әйтеп, бер һүҙ ҙә әйтмәне». «Ә Рафаэль, бик наивный бала кеүек, Ғамзатовҡа, Туфанға һылтанып, шиғырҙы яҡламаҡсы булғайны ла, үҙ фекеренә үҙе уралып, ауҙағы балыҡ кеүек булып ҡалды». Алтмышынсы йылдар башында СССР-ҙа барған ассимиляция сәйәсәте, партияның телдәрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән курсы редакция ағзаларында ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ түгел, хатта бәләкәй генә шик тә тыуҙырмай. Хәҙерге заман йәштәре быға бик ныҡ аптырарға мөмкин. Ләкин ул саҡта партия фекеренә берәй ҡаршы һүҙ әйтеп ҡара! Шунда уҡ арт һабағыңды уҡытасаҡтар, бөгөлмәйһең икән, шартлатып һындырасаҡтар. «Аманат» ҡобайырының шиғри эшләнешенә, шағирҙың һүҙ оҫталығына тел тейҙерерлек түгел – быныһын бөтәһе лә хуплай. Ләкин бында партия программаһына ҡаршы килерлек һүҙҙәр әйтелмәй бит. Әгәр ҙә шағир милләттәштәренә: Һай, таш булма, таш булма, Аң ғына бул телеңә, Аң булмаһаң, туң булһаң, Бер имгәк һин илеңә, Бер түңгәк һин илеңә! ...Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ – Аманатым шул һиңә, Аманатым шул һиңә. Аманатҡа хыянатһыҙ, Аҡыҡтан аҡ юл һиңә, Аҡыҡтан аҡ юл һиңә, – тип өндәшә икән, бының ни гонаһы бар? Бындай ихлас теләктәрҙән ҡәләмдәштәр ниңә ҡурҡалар, ниңә сәйәси ғәйеп эҙләйҙәр? Ярай әле араларынан бындай ҡаты хөкөмгә ҡаршы һүҙ әйтерлек ҡыйыуы табылды: «Шиғырҙы берҙән-бер кеше Ғайса Хөсәйенов ҡына яҡлап сыҡты, баҫырға тәҡдим итеп: — Мин әйтелгән фекерҙәр менән килешә алмайым. Шиғыр ғәжәп көслө. Бында бер башҡорт теле хаҡында түгел, ә бөтә туған телдәр хаҡында һүҙ бара. Телһеҙ халыҡ булырға мөмкинме һуң? – тине. Ҡайһы яҡҡа ауырға белмәй аптырап торған Фәрит Иҫәнғолов Ғайсаның фекеренә ҡушылды ла аҙаҡтан, берәй хәл булып ҡуймағайны тигәндәй, Харис фекеренә яраҡлашырға булды». Ғайса Хөсәйенов бик принципиаль һүҙ әйтһә лә, шағирға күмәкләшеп һөжүм итеүселәрҙе бер яңғыҙы нисек еңә алһын? «Аманат» күпселек тарафынан кире ҡағыла: «Ике яҡтың позициялары асыҡланғас, үҙенең хәл иткес хөкөмөн сығарырға Хәким ағай (баш мөхәррир Хәким Ғиләжев – Р.Б.) һүҙ алды. Марксизм-ленинизм положениеларынан сығып, тарихҡа ҡаршы барып булмай, мин, мөхәррир булараҡ, был яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала алмайым, тине... ...Ә кисә генә «икенсе номерҙа баҫырбыҙ», тигәйне. О времена, о нравы!» Эй заманалар, эй ғәҙәттәр! Туған телде яратҡаны өсөн, уны ҡәҙер-хөрмәт итәйек тигән өсөн шағирға үҙ милләттәштәренән тағы ла күпме нахаҡ һүҙҙәр ишетергә тура килә. Имеш, Рәми бер үҙен туған телдең поборнигы итеп ҡуя. Башҡалар уны яҡламаймы, һаҡламаймы ни? Ниңә ҡайҙа барһа ла шул шиғырын һөйләй? Телевизорҙан да ике ҡабат шул шиғырын уҡыны! Ҡасан, ҡайҙа уҡығанын теп-теүәл әйтәләр, КГБ шымсылары тиерһең. Эй заманалар, эй ҡылыҡтар!.. Кеше зиһенен ниндәй үрмәкес ауҙары менән сырмарға әҙер торалар. Власть, рәсми идеология билдәләгән ҡалыптан саҡ ҡына ситкә сыҡтыңмы – туҡта! «Аманат»тың ысын шиғыр икәнен редколлегия ағзалары белеп тора бит, ә үҙҙәре, намыҫтарына ҡаршы барып, күрәләтә башҡаны һөйләйҙәр. Журналда баҫтырып сығарып, ул-был була күрмәһен, бәләһенән баш-аяҡ... Был ҡобайыр шиғыр кисәһендә уҡылғас та Рәми Ғариповты милли тарлыҡта ғәйепләү өсөн сәбәп булғайны. Шағир унан барыбер баш тартманы, киреһенсә, сәмләнеберәк тотондо, фекерен артабан үҫтерҙе. Уҡымайынса ғына хата хөкөм сығармаһындар, бына яңынан эшләнгән, тулыландырылған һуңғы вариантын уҡыһындар, шағирҙың хаҡлы икәнлеген үҙҙәре аңларҙар. Әҫәрен журналға Рәми бына шундай өмөт менән биргәйне, баҫылырына икеләнмәгәйне. Өмөтө аҡланманы. Быға ҡарап ҡына, «Аманат»тан баш тартмаясаҡ, әлбиттә. Үткәндәге һымаҡ был юлы ла сәмләнеберәк дауам итәсәк. Мәле бөгөн түгел икән, көнө килер. Өфөгә ҡайтып, әҙәби мөхиткә яңынан ныҡлап ингәндә, Рәми Ғарипов ошондай хәлгә дусар булды. 1963 йыл уңышһыҙ башланып китте. Ләкин донъя бының менән генә бөтмәгән. Ҡобайырҙы матбуғатҡа үткәрмәйҙәр икән, башҡа шиғырҙар етерлек. Бөтәһенә лә арҡыры төшә алмаҫтар. Китапҡа ныҡлап тотонорға кәрәк. Был йыйынтығына Рәми бик ҙур өмөттәр бағланы. Ун йыл эсендә өсөнсө китабы донъя күрәсәк. Уларҙың һәр береһе шағирҙың ижад юлында мөһим ваҡиға, ләкин быныһы айырыуса яуаплы. Яңы йыйынтыҡтарын төҙөгәндә әле бер ҡасан да уның был тиклем күп шиғырҙары тупланғаны юҡ ине. Әҫәрҙәр һаны күп, әммә китап артыҡ ҙур булмаясаҡ. Күләме күп тигәндә биш табаҡҡа етер. Ләкин уның ни тиклем тос, һәлмәк килеп сығасағын шағир үҙе генә тоя. Бында ингән шиғырҙарҙың баһаһын яҡшы белә ул. Яңы китабы үҙенең ижадында ғына түгел, барлыҡ башҡорт шиғриәтендә ваҡиға тыуҙырасағын нисектер күңеле менән һиҙә. Ҡулъяҙмаға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайта, ауылда ғүмерҙең бушҡа үтмәгәнлегенә нығыраҡ ышана. Ләкин «Һабантурғай йырҙары»н Рәми Ғарипов уҡыусыларға үҙе теләгән күләмдә һәм сифатта еткерә алманы. Ул йылдарҙа шиғри китаптарҙың күләмен ике-өс табаҡтан арттырмайҙар ине. Нәшриәт шундай ҡаты талаптар ҡуйҙы. Бының сифатты күтәреү өсөн, бәлки, яҡшы яҡтары ла булғандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күләм талабы һәр саҡ ҡәтғи тикшерелһә лә, сифат талабы тейешенсә күҙәтелмәне. Бәғзе йылғыр авторҙар йыл аша сираттағы сейле-бешле йыйынтығын сығарырға оҫтарып алды. Шағирҙың өсөнсө китабына килгәндә, әҙәбиәттең үҫешен уйлаған, һәйбәт баҫмалар хаҡында хәстәрләгән аҡыллы нәшриәт етәкселәре был ҡулъяҙманы тулы көйөнсә тиҙерәк сығарыу юлдарын эҙләр ине. Һәр саҡ ике-өс табаҡ менән генә сикләнмәнеләр: сифаттары бик уртаса булһа ла, ҙурыраҡ күләмдәге йыйынтыҡтар ҙа сыға ине. Шағирҙың көндәлегенән: «1964 йыл, 7 ғинуар. «Һабантурғай йырҙары»н нәшриәткә илтеп бирҙем. Асып ҡараусы ла булманы. Бер генә ысын әҙәбиәтсе лә ултырмай шул бында. Берҙән-бер ысын күңелдән ҡыҙыҡһынған нәмәләре – шахмат. Ҡасан ғына барма, мөкиббән китеп шул шахмат таҡталарына сумған булалар. Әҙәбиәт тураһында берәй һүҙ ишетермен тип уйлама ла... Күпме ваҡыт – айҙар, йылдар буйына бушҡа әрәм ителә. Ә беҙҙең газета редакцияларында иртәнән алып кискә тиклем шашка уйнайҙар. Бер кемгә лә ваҡыт йәл түгел. Хатта был күренешкә ҡарап торһаң, күңелде ҡот осҡос бушлыҡ солғап ала. Ә уларға ҡатышмаған кеше, моғайын, бөйөк бер ләззәттән мәхрүм кеше булып тойолалыр инде». Рәмисә бик киҫкен әйтелгән. Сатраш-шаҡмаҡ уйынын яратыусыларҙың асыуын ҡабартырлыҡ һүҙҙәр. Шахмат ҡомары ҡыҙҙырған кешеләрҙең шағир килтергән ҡулъяҙманы асып ҡарар ваҡыттарымы ни? Һөйләшер кеше тапмайынса, нәшриәттән сығып киткәс, төштән һуң шағир Яҙыусылар союзында рус секцияһының йыйылышында ҡатнаша. Унда кәйефе тағы ла нығыраҡ ҡырыла: «Сотников доклад яһаны. Мәғәнәһеҙ, шаблон, примитив фекер йөрөткән был бәндәне сәғәт ярым самаһы тыңлап ултырғандан һуң әҙәбиәт үҙе лә мәғәнәһеҙ нәмә булып тойола. Был әҙәбиәтселәр йыйылышынан бигерәк ниндәйҙер бер профсоюз йыйылышы ине». Ҡайҙа ғына барһа ла, күңеленә тынғы юҡ: «Союзда Назар ағай ҙа, Шәриф ағай ҙа, Ғайса ла: — Ҡасан инде һин докладыңды әҙерләп бөтәһең? – тип яғанан алдылар. Ә минең бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Эштән арып ҡайтаһың да, ҡулға ҡәләм алырлыҡ хәл дә ҡалмай. Өйҙә балалар, ауырыу әсә, ығы-зығы. Фекерҙе туплап та булмай. Редакцияға барып ултырырға – алыҫ, сәғәт 12-нән һуңға ҡалһаң, ҡайтыуы үҙе бер проблема. Мөхәррирҙән бер 4-5 көн һорап, ҡунаҡханаға ҡасырға тура килер, ахырыһы. Ярай бөгөн китаптан ҡотолдом әле. Өҫтән бер тау төшкәндәй булды. Тик китап сығарыуҙың ҡыҙығы ла ҡалманы. Үҙең теләгәнсә сығарыу мөмкин түгел. Биш йыллыҡ эште 2 табаҡҡа һыйҙырырға кәрәк. Алдан уйлаған уй бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Бары менән байрам итәһе генә ҡалды инде. Китап сығарыуҙан хәҙер беҙҙә таштан май һығып сығарыу еңелерәктер. Планды торған һайын ҡыҫа баралар, ҡыҫа баралар... Әллә ниндәй яҙмышҡа юлыҡты инде был башҡорт...» Нәшриәт планы тураһындағы һүҙҙәр, әйтерһең дә, бынан ҡырҡ нисә йыл элек түгел, ә хәҙерге замандарҙа яҙылған. Әҫәрҙәрҙә геройҙарҙың эске монологтары йыш ҡына ҙур урын алып тора. Шағир тураһындағы был китаптың байтаҡ өлөшөндә Рәми Ғариповтың көндәлектәренән өҙөктәр килтерелде. Уларҙы тынғыһыҙ, эҙләнеүсән шәхестең, халҡым тип янып йәшәгән кешенең монологтары тиергә мөмкин. Минең был хеҙмәтемдәге фекерҙәр менән килешергә йәки бәхәсләшергә була. Сөнки шағирҙы, уны уратҡан шәхестәрҙе, ваҡиғаларҙы һәр кем үҙенсә күрә, аңлата ала. Ләкин Рәми Ғариповтың замандаштары, үҙенең яҙмышы хаҡында әйткән һүҙҙәре – бары тик уның раҫлауҙары йәки уның кире ҡағыуҙары ул. Хәҡиҡәтте ни дәрәжәлә сағылдырыуҙары – уныһы икенсе мәсьәлә. Иң мөһиме – шағир донъяны нәҡ бына шулай күргән, нәҡ ошолай фекерләгән. Уның бик киҫкен саҡтары ла бар, ул иң юғары талаптар ҡуя, ғәмһеҙлекте бер ҡасан да ғәфү итмәй. Башҡалар донъяларын онотоп шахмат уйнағанда, ул һаман да әҙәбиәт тураһында уйлана. Уныңса, бөтәһе лә шул турала ғына хәстәрләргә тейеш. Эштән арып ҡайтҡас та, ул бүтәндәрсә ғаиләһе, туғандары менән тыныс ҡына ял итә белмәй. Һаман дa яҙышырлыҡ, уйланырлыҡ форсат табырға тырыша. Йәшәр урындары булмағанда, күпме ят тупһаларҙы тапанылар, инде заманы өсөн ярайһы ғына фатирҙары ла бар – хәҙер уныһы ла артыҡ шатландырып бармаған һымаҡ. Шағир һаман да Лермонтовтың елкәне һымаҡ. Рәмигә башҡалар кеүек һәүетемсә, болоҡһомай ғына йәшәргә яҙмағандыр, күрәһең. «Ә ул тынғыһыҙ гел, дауыл һорай, әйтерһең дә, тынлыҡ бар унда!» Йыш ҡына дауылды һорау ҙа кәрәкмәй, ул үҙе көтмәгәндә килеп ябырыла. Шундай өйөрмәләрҙең береһе әле ҡасан ғына милли матбуғатты төбө-тамыры менән аҡтара-ҡыйрата яҙып үтте. Рәмиҙең ауылдан килеп, «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләп йөрөүенә әле ярты йыл да уҙмағайны, республикаларҙа туған телдәрҙә сыҡҡан ваҡытлы баҫмаларға һөжүм башланды. Әлбиттә, фарман Мәскәүҙән килде. Милли телдәрҙә үҙ аллы сығып килгән республикалар газеталары бөтөрөлөп, материалдар тик рус телендә әҙерләнергә, шулар тәржемә ителеп, милли матбуғат ни бары дубляж-күсермә хәлендә ҡалырға тейеш була. 1963 йылдың башында милли матбуғаттың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен бик ныҡ ҡыҫыу, шул рәүешле киләсәктә тонсоҡтороу планын ғәмәлгә ашырыу реаль төҫ ала. Был эшкә иң элек Ҡазанда тотоналар, сөнки «Совет Татарстаны» газетаһының редакторы дубляж хәлендә ҡалыуҙы үҙе хуп күргән, үҙе инициативаны башлап йөрөгән икән. Күп көттөрмәйенсә, сират башҡа республикаларға ла барып етә. Башҡортостанда был ҡурҡыныс хәлдәр милли интеллигенцияла, барыһынан да бигерәк журналистар, яҙыусылар араһында ҙур хәүеф тыуҙыра. КПСС Үҙәк Комитетының милли газеталарҙы республикаларҙа рус телендә сыҡҡан газеталарҙың дубляжына әйләндереү хаҡындағы ҡарарынан һуң Өфөлә протест акцияһы ойошторола. 1963 йылдың апрелендә ҡәләм әһелдәрен ошо хәрәкәткә туплаусы төп көстәрҙең береһе Рәми Ғарипов була. Ул ваҡытта Рәми эшендәге телефондан айырылманы. Хат етер ергә хат, ат етер ергә ат ебәреп ултырырлыҡ түгел, һәр сәғәт иҫәпле. Шағир менән уның иптәштәре байтаҡ кешеләргә хәбәр иттеләр, милли матбуғатҡа, тимәк, рухи киләсәгебеҙгә ниндәй бәлә янағанын аңлаттылар. Әкрәм Бейештең хәтерләүенсә, «Иртәгеһенә Министрҙар Советы йортоноң бишенсе ҡатындағы Яҙыусылар союзы урынлашҡан коридорға йыйыла башланылар. Оҙон коридор шығырым тулды. Унда «Совет Башҡортостаны» ғына түгел, «Кызыл таң» журналистары, яҙыусыларҙың байтағы килгән ине. Асыуланып, иң ныҡ шаулаған кешеләрҙең береһе ҡатынынан етәкләтеп килгән тома һуҡыр Батыр Вәлид ағай булды». Рәшит Солтангәрәев былай тип яҙа: «Улар йыйылышып Яҙыусылар союзына барҙы һәм бергәләшеп, күмәкләшеп партия өлкә комитетына инеп һөйләшергә кәрәк тигән тәҡдим әйттеләр. Әммә Яҙыусылар союзы етәкселәре ҡурҡыуға төшә, килеүселәрҙе ҡыуа башлай. Ҡыҫҡаһы, йөҙ иллеләп кешенең егермеләбе генә өлкә комитетына бара. Улар араһында, әлбиттә, Рәми ҙә була». Башҡортостанда милли матбуғаттың яҙмышы ҡыл өҫтөндә тороп ҡалған саҡта Өфөлә ҙур ғына шау-шыу ҡубып ала. Рәмиҙәрҙең уяулығы, ҡыйыулығы арҡаһында ойошторолған был протест беҙҙәге башҡортса, татарса сығарылған республика газеталарын һәләкәттән ҡотҡара. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигән хәҡиҡәткә, берҙәмлектең ни тиклем кәрәкле икәнлегенә халыҡ нығыраҡ ышана. Кешеләрҙе ошо изге эшкә ойоштороп йөрөгән Рәмиҙең абруйы ныҡ күтәрелә. Тағы ла Әкрәм Бейештең бер хәбәренә иғтибар итәйек: «Был урында X. С. Сайранов хаҡында ла яҡшы һүҙ әйтергә кәрәктер. Ул, обком секретары, милиция саҡырып, беҙҙе ҡыуҙыра, иң актив кешеләрҙе ҡулға алдыра ала ине. Заманаһы шулай ине. Күрәһең, ул үҙе лә Үҙәк Комитет ҡарарын хуп күрмәгәндер, шуның өсөн беҙгә теймәгәндер, киреһенсә, шунда уҡ телефондан шылтыратып, беҙҙең хәрәкәтте бик ҙур итеп һөйләп, Үҙәк Комитетты әҙерәк хафаға һалғандыр, тип уйлайым мин». Башҡортостандағы шул замандың партия идеологияһы етәксеһе был осраҡта милли матбуғаттың яҙмышын хәстәрләгәнме әллә Үҙәк Комитет алдында үҙенең урынын һаҡлап ҡалыу өсөн нығыраҡ тырышҡанмы, нисек кенә булһа ла, был ваҡиға ижади йәмәғәтселекте, журналистар мөхитен, шулай уҡ туған телдә уҡыусыларҙы һағайтмай ҡалмай. Тимәк, хуш күңеллелеккә бирелеп йәшәргә ярамай. «Туған телебеҙҙе берәү ҙә ҡыйырһытырға йыйынмай, шағир ниңә юҡ мәсьәләне уйлап сығара?» – тип, Рәми Ғариповҡа милләтсе мисәте һуғырға тырышыусылар әйҙә күрһендәр бына: бөгөн милли матбуғатты быумаҡсылар, мәктәптәрҙә уҡытыуҙы тик руссаға күсермәкселәр, бөтә милләттәрҙе бергә ҡушып, берҙәм совет халҡы итмәкселәр... Ә иртәгә ниндәй һөжүмдәр көтә? Тотош халҡыңа ҙур ҡурҡыныстар янағанда, үҙеңдең ижадыңа бәйле мәсьәләләр нисектер аҙыраҡ борсоған һымаҡ. «Һабантурғай йырҙары»н халыҡ алдында бер тынала яңғыратырға бирмәйҙәр, күңелдә биш йыл буйына тулышып, түгелергә торған йырҙы йыртҡылайҙар-өҙгөләйҙәр икән, бының өсөн башты ташҡа бәреп булмай. Китаптың бәҫе уның күләменән генә тормай бит тип, үҙен үҙе йыуатырға тырышты шағир. Ҡалын-ҡалын йыйынтыҡтар сығармаһа ла, Туҡай халыҡ күңеленә барыбер Туҡай булып ингән бит! Республика китапханаһында күптән түгел Шәйехзада Бабичтың «Йәш Башҡортостан» тигән берҙән-бер китабын ҡулына алғанда, ни тиклем шатлыҡтар менән бергә ниндәй ҡайғы кисергәнен Рәми ғүмерҙә лә онотасаҡ түгел. Үҙенең быуыны шағирҙары араһынан был ҡәҙерле ҡомартҡыны – хәҙерге башҡорт телендәге тәүге баҫманы ҡулына тотоп ҡараусы, уны уҡырға тырышыусы Рәми Ғариповҡа тиклем, моғайын, булмағандыр ҙа әле. Танышһа, ғалимдар танышҡандыр, Бабичтың һайланма әҫәрҙәрен төҙөгәндә Әхнәф Харисов өйрәнгәндер, Сәйфи Ҡудаш тураһындағы хеҙмәтен – айырым шағир ижадына арналған тәүге башҡорт монографияһын яҙырға әҙерләнгәндә Ғайса Хөсәйенов уҡып сыҡҡандыр. Сәйфи Ҡудаштың һуғыштан һуң сыҡҡан томдарының күләм буйынса бик-бик кескәй генә өлөшөн тәшкил итәлер Бабичтың йөрәк ҡаны менән яҙылған «Йәш Башҡортостан» тигән йоҡа ғына китабы. Ләкин дәһшәтле заманда тыуған ошо кескәй генә йыйынтыҡ килделе-киттеле әллә нисә томыңа торорлоҡ. У лайға китһә, Салауаттар, Аҡмуллалар китапһыҙ-ниһеҙ ялҡынлы һүҙҙәре менән халыҡ хәтеренә юйылмаҫлыҡ булып инеп ҡалғандар бит. «Һабантурғай йырҙары»н тере көйөнә ботарлайҙар икән, улайтып ҡына китаптың йәнен ала алмаҫтар. Бүлгеләп булһа ла, шағир уларҙы донъяға сығарыу юлын эҙләр. Һүҙ ҡәҙерен белгән уҡыусылар күңелендә, милләттең зиһенендә ул шиғырҙар барыбер өҙөлмәҫ моң булып, бергә тупланып йәшәр. Рәми айырым күңелһеҙ хәлдәр өсөн бөтәһен дә бер юлы хурламаҫҡа, тормошто киңерәк байҡарға, ваҡиғаларҙы үҫеш перспективаларында баһаларға тырышты. Эстән туҡтауһыҙ өҙгөләнеп йәшәһә лә, иң ауыр саҡтарҙа ла ул көслө рухлы оптимист булып ҡалды. Уның йәшәү дәрте, яҡты булмышы йөҙөндәге йылмайыуында күренә ине. Уның асыҡ йөҙөнә ҡарап, был кешене бик йыш ниндәй ауыр кисерештәр, хатта төшөнкө уйҙар солғап ала тип кем уйлаһын?! Киреһенсә, башҡалар унан көс ала, уның менән аралашҡанда өмөт-ышаныстары нығый. Иғтибарлыраҡтары, осҡор күҙлеләре Рәмиҙең маңлайындағы тәрән йыйырсыҡтарҙы, ҡарашында сағылып киткән һағыш сатҡыларын, бөркөлөп-бөркөлөп ҡуйған уйсанлыҡты күреп, шағирҙың ҡатмарлы яҙмышын, ниндәй көсөргәнешле ритмда йәшәгәнлеген тоймай ҡалмағандыр. Өфөгә күсеп ҡайтып, газетала эшләй башлағас, Яҙыусылар союзында Рәми Ғариповҡа хәҙерге башҡорт шиғриәте тураһында доклад әҙерләргә тәҡдим иттеләр. Уның төплө белемле, киң эрудициялы, юғары зауыҡлы, бик талапсан икәнлеген күптән беләләр. Өс йыл буйы әҙәби мөхиттән алыҫта йәшәгән ҡәләмдәштең фекерен ишетеү ҡыҙыҡлы буласаҡ, байтаҡтан ныҡлап күренмәгән шағир бөтәһе алдында бик етди һынау тотасаҡ. Был эшкә Рәми ихлас ризалашты, дәртләнеп тотондо. Бушыраҡ ваҡыты булһа, уны күберәк уҡып-яҙып үткәрергә ғәҙәтләнгән кеше һуңғы ваҡытта китаптарға тағы ла нығыраҡ йәбеште. Башҡорт әҙәбиәте үҫеш юлынан бара – шағирҙы иң ныҡ ҡыуандырғаны бына шул. Әле ул яңыраҡ сыҡҡан шиғри китаптарҙы, матбуғаттағы шәлкемдәрҙе байҡай. Доклад өсөн ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр байтаҡ йыйылып китте. Илленсе йылдар башындағы башҡорт шиғриәте менән сағыштырғанда хәҙерге әҫәрҙәрҙең шиғри эшләнеше күпкә юғары. Декларативлыҡтан ҡотола барыу, лирикаға иғтибар артыу ҡыуандыра. Милли әҙәбиәткә ололарҙан өйрәнеүсе шәкерт итеп кенә ҡарарға ярамай. Өйрәнеү – ҙур мәктәп, ләкин әҙәбиәт үҙ аллы булғанда, үҙ фекерен әйткәндә генә көслө. Докладта Рәми бөгөнгө күренештәр тураһында тотош әҙәбиәттең үҫеш тарихынан сығып, киң контекста һүҙ алып барырға йыйына. Егерменән артыҡ пункттан торған тезистар төҙөлдө, принциптар билдәләнде. Һөйләр көн дә яҡынайып килә, ә уйланыуҙар, икеләнеүҙәр нығыраҡ борсой. «Үҙебеҙҙең поэзия хаҡында һөйләү бурысы миңә тапшырылғас, был хаҡта бик күп уйлайым. Тәүҙә үҙебеҙҙең поэзия хаҡында һөйләүҙән дә еңел нәмә юҡ кеүек тойолдо. Тик был хаҡта уйланған һайын, үҙебеҙҙең шағирҙарҙы һәм улар тураһында яҙылғандарҙы уҡыған һайын бөтә нәмә икенсе төҫ алды... Был хаҡта уйлай башлағас, мин был хаҡта хатта төшөмдә лә уйлайым, эшемдә лә уйлайым, хатта минең бөтә ғүмерем ошо хаҡта бер көн килеп һүҙ әйтеү өсөн генә үткән кеүек тойола башлай... Нисек кенә өҙгөләнһәм дә – был өҙгөләнеү миңә рәхәт, татлы. Аҙ ғына берәй яңы һүҙ әйтһәм ине был сығышымда!..» (18.01.64). Бына ошондай оло яуаплылыҡ тойоп, шағир уйлана ла уйлана. Көндән-көн фекер асыҡлана, ышаныс арта: «Поэзия тураһында әйтә торған һүҙемдең саҡ ибенә төштөм. Инде һуҡмаҡ бар, фекерҙе генә төйнәп алып барырға кәрәк. Арыу сығырға оҡшай. Өйҙә эшләргә мөмкинлек булғанда, бик һәйбәтләп эшләргә булыр ине. Ләкин әбейҙең өйҙә булыуы, үлем алдында ятыуы минут һайын иғтибарҙы ситкә тайпылдырып тора. Ғөмүмән, был һүҙ миңә бик ҡиммәткә төштө. Ҡайһы бер обыватель минең был һүҙҙән байтаҡ сенсация көтә. Ләкин мин тик әйтергә теләгән һүҙҙе генә әйтәсәкмен. Шулай ҙа һаҡ булып булмаҫ инде... Дәрт шул тиклем таша башланы, яғалашҡы килә. Бынан поэзияға һис тә зыян килмәҫ тим. Тик позициялар ғына асыҡланасаҡ. Үҙебеҙҙең һүҙҙе мин дә яҡлай белмәһәм, кем яҡлай белһен? Хәҙергә был шулай минең өҫтә. Мин бурысымды үтәргә тейешмен». Шағирҙың тәүәккәллеге саялыҡҡа әйләнеп барғандай. Баҫалҡы холоҡло Рәми был осраҡта үҙенең мөмкинлектәрен баһалауҙа тыйнаҡлыҡ үлсәүҙәрен бик үк самалап торғанға оҡшамай. Быныһы, бәлки, үҙенең көсөн белеүҙән, һәләтен аңлауҙан киләлер. Һәм, ниһайәт, Яҙыусылар союзында 1964 йылдың февралендә Рәми Ғарипов доклад менән сығыш яһай. Уның үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, төп баһа былай: «Әгәр ҙә бөгөнгө поэзиябыҙҙы уның бынан ун йыл ғына элек булған хәле менән сағыштырып ҡараһаҡ, ғәжәп бер оло һикереш күрер инек». Элекке бер төрлөлөктөң, күпселек әҫәрҙәрҙең ода йырлауға ҡоролоуының сәбәптәрен асыҡларға ынтылып, докладсы «төп сәбәп кешеләрҙең зиһен һәм тойғоларын бер ҡорос ҡоршау менән ҡоршап ҡуйған шәхес культында икәнлеген» әйтә, «тәүге әҙәби көстәребеҙҙе юҡ итеп кенә ҡалманы, уларҙан һуңғы быуындарҙың ижади үҫешенә лә үкенеп бөткөһөҙ зыяндар килтерҙе», – ти. Шуға ла оло һәм урта быуын шағирҙары өсөн, элекке ғәҙәттәрҙе еңеп, «сая бер тәүәккәллек менән ғүмер юлыңды башлау менән ҡатар ижади батырлыҡтыр» тип, уларға һоҡланыуын белдерә. Үҫеш юлындағы фажиғәле ҡорбандарҙы иҫтә тотоп, Рәми Ғарипов хәҙерге шиғриәттәге һәр ҡаҙанышҡа иғтибарлы булырға тырыша. Ләкин асыштарға ҡыуанғанда етешһеҙлектәргә күҙ йомоп үтә алмай. Кире ҡаҡҡыһыҙ факттарға, конкрет миҫалдарға нигеҙләнгән был күҙәтеүҙәрҙең төп рухы – талапсанлыҡ, принципиаллек, шиғриәттең яҙмышы өсөн яныу. Шуға ла тикшеренеүсенең әйткәндәре бик үткер, теле тапҡыр, әсе. Уның тәнҡите семтеп кенә үтмәй, уратып-суратып һөйләмәй, дөрөҫлөктө тура ярып һала. Рәми Ғариповтың сығышы тыңлаусыларҙы тетрәндерҙе тиеү, бәлки, аҙ булыр. Шиғриәт хаҡында бындай докладты уларҙың әлегә тиклем тыңлағандары юҡ ине. Әлбиттә, тәнҡиткә генә ҡоролмаған был тикшеренеү. Мостай Кәримдең 1962-1963 йылдарҙа яҙылған «Ҡабарды-Балҡар дәфтәре» шәлкеме, «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа», «Дуҫыма», «Йырым менән бәхәс», «Торналар ҡайтҡанда» һ. б. әҫәрҙәренең башҡорт шиғриәте үҫешендә яңы этапты билдәләүсе сифаттарын анализлау докладтың дүрттән бер өлөшөн тиерлек алған. Хәниф Кәримдең, Сәләх Кулибайҙың, Кәтибә Кинйәбулатованың, Әнғәм Атнабаевтың, Марат Кәримовтың, Рафаэль Сафиндың шиғырҙарына ла юғары баһа бирелә. Әҙәби хәрәкәтте Рәми Ғарипов объектив баһалай, тормоштоң үҙендәге һымаҡ, һоҡланырлыҡ һәм борсолорлоҡ, һөйөндөрөрлөк һәм көйөндөрөрлөк хәлдәр тураһында уйланыуҙар үҙ-ара тәбиғи үрелеп бара. Уның шулай икәнлеген асыҡ күрһәтер өсөн, докладтан айырым өҙөктәр килтереү хәйерле булыр. Бына шуларҙың береһе: «Ғөмүмән, Кәримовтар һүҙҙе тоя, шиғырҙы ҡоя белә. Ритм унда (Хәниф Кәримдең шиғырҙарында – Р.Б.) һалдат аҙымы һымаҡ ныҡ, теүәл һәм шиғырҙың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө-төрлө. Был тәңгәлдә өлкән шағирыбыҙ Сәйфи Ҡудаш үҙенең «Ғалиә» мәҙрәсәһенән үк Мәжит ағай һымаҡ аҡһап килгән «вәзенен» төҙәттереп ала алыр ине унан. Ә рифмаһы инде уның көтөүсе сыбыртҡыһы һымаҡ һыҙырып ебәрә!.. Был сыбыртҡының осо ғына булһа ла «Өйрәнде нисек өрөргә көсөк» тип, ғүмерендә бер теүәл рифма тапҡан шағирға (шаяртып әйтәм) эләгеп ҡалһа, кинәнесенән ул һикереп китер ине кеүек... Һүҙ ыңғайында уның тураһында ла әйтеп китәйек. Юҡһа, үпкәләүе бар Йософ Гәрәй ағайҙың». Артабан үҙенә төбәп әйтелгән ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү Йософ Гәрәйгә еңелдән булмағандыр: «Уның башҡаларға булған талапсанлығы бер ҙә үҙенә тура килмәй», «Башҡа автор яҙған булһа, Йософ Гәрәй үҙе үк: «Кемгә кәрәк был шиғырҙар? Был бит инде поэзияла үтелгән этап» тиер ине», «Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: Йософ Гәрәй ағай әйткәнде эшлә лә, ул эшләгәнде эшләмә». Бындай һүҙҙәрҙән күптәрҙең сәстәре үрә торғандыр. Әҙәби мөхит ошолай нисек бар шулай әйтеп һөйләшеүҙе әлегә тиклем белмәй ине тиерлек. Ләкин бер ниндәй ҙә бит йыртыу, кемделер кәмһетеү йәки мыҫҡылларға тырышыуҙың тамсыһы ла юҡ. Бөтәһе лә әҙәпле, әммә бик принципиаль, ҡәтғи күрһәтелгән. «Тимер Арсландың Рәшит Ниғмәтигә арналған «Дуҫым иҫтәлеге» тигән оҙон шиғыры баҫылғайны. Әгәр Рәшит Ниғмәти үҙе иҫән булһа, был рифмалап яҙылған прозаны ғәфү итә алыр инеме икән? Моғайын, юҡ. Был Ағиҙел буйы иҫтәлектә, әлбиттә, ысын поэзия өлгөләре лә юҡ түгел. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Р. Ниғмәтиҙең үҙ әҫәрҙәренән генә килтерелгән өҙөктәр шул. Ә тел тигән нәмә Тимер ағайҙа нишләп шулай шау ағастан ғына тора икән?», «Ни өсөн Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли кеүек шағирҙар һуңғы ваҡытта бик һирәк тауыш сығара йәки уҙған поэзия йылындағы кеүек бөтөнләй тиерлек тауышһыҙ ҙа тороп ҡала?», «Туған тел тураһында борсоулы фекерҙәр менән илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә Ғамзатовтар, Рыльскийҙар, Ухсайҙар, Туфандар күтәрелеп сыҡҡанда, Назар Нәжмиҙең был шиғыры («Әсә теле» – Р.Б.) нисектер уйынсыҡ ҡылыс күтәреп сыҡҡан һымаҡ булды», – докладында байтаҡ әҫәрҙәргә ошолай тамға һуғып, күп кенә шағирҙарҙың хәҙерге ваҡыттағы ижадын әлегесә нарыҡлап үткәндән һуң Рәмиҙең дуҫтары ҡапыл ғына артып китеүе, ул һөйләп бөткәндән һуң кемуҙарҙан ҡулын ҡыҫырға атлығып тороуҙары икеле. Докладының аҙағына табан Рәми Ғарипов тағы ла Сәйфи Ҡудашҡа әйләнеп ҡайта, «Ағиҙел»дә уның 18 шиғыры баҫылып сығыуын иҫкә төшөрә. Рәмиҙең фекеренсә, Туҡай, Ғафури, Бабичтарҙың замандашы булған, уларҙың ҙур мәктәбен үткән, оло тормош тәжрибәһе туплаған шағирға ҡарата һүҙ әйтеү килешеп тә етмәйҙер, ләкин ғүмер буйы алды-ялды белмәй тупланған ижадты ситләтеп үтеү, уныңса, үҙе бер әҙәпһеҙлек булыр ине. Сәйфи Ҡудаш ижадының алтмышынсы йылдар башында һаман тулылана барыуын билдәләп, Рәми Ғарипов уның дөйөм фекерҙән үҙ фекеренә, риториканан гражданлыҡҡа, тематик сикләнгәнлектән ижади киңлеккә оло аҙымдар яһауына, рухы менән егеттәрсә йәшәүенә айырыуса баҫым яһай, уның яңы уңышлы шиғырҙарын атап үтә. Шул уҡ ваҡытта өлгөрөп етмәгән алмаларын да шиғри табынға ҡуйыуын әйтеп китә. Докладтың был өлөшөндә фекер тағы ла нығыраҡ ҡырҡыулана: «Ҡайһы бер бөтөнләй осраҡлы шиғырҙар ҙа урын ала. Мәҫәлән, «Яҙмаһын» тигән шиғырҙы яҙмаҫҡа ла, яҙғанда ла баҫтырмай түҙергә булыр ине. Шиғыр шулай: Бер көн урамда йөрөгәндә, Осраны ла миңә бер бәндә, Юл һорап барырға төрмәгә, Ҡалдырҙы бик яйһыҙ бер хәлдә. Әллә нишләп китте йөрәгем, Үҙем кинәт хәтерһеҙләндем. Тотлоҡтом, абындым, көрмәлдем, Белмәнем адресын төрмәнең. һәм мораль: Яҙмаһын донъяла кемгә лә Өйрәтергә юлдар төрмәгә. Был хәл ысын булғанда ла, кеше ышанмаҫ һүҙҙе һөйләмә тиҙәр. Ул берәй һантый булырға ла, Сәғит ағай кеүек шутник булырға ла мөмкин бит әле. Ниңә ҡойолоп төшөргә? «Белмәнем адресын төрмәнең» тип әйтеү ҙә ҙур ҡаҙаныш түгелдер. Кем-кем, ә Сәйфи Ҡудаш, күпме дуҫтарын юғалтҡан кеше, һәр хәлдә, төрмә юлын ғына беләлер инде...» Рәми Ғариповтың кинәйә менән 1937 йылғы ваҡиғаларға ишара яһағанын шул замандың өлкән быуын әҙиптәре генә түгел, йәш быуын да яҡшы аңлаған, әлбиттә. Бында ижадтағы талапсанлыҡ мәсьәләһе генә түгел, шәхестең выждан, гражданлыҡ яуаплылығы ла ҡуҙғатыла. Уларҙы күтәрер өсөн ҙур ҡыйыулыҡ кәрәк. Ундай ҡыйыулыҡ үҙ баһаһын алмайынса ҡалмай. Ҡәләмдәштәренең күпселеге Рәми Ғариповтың, хәҙерге шиғриәт хаҡында тураһын әйтеп, төплө байҡау яһауын юғары баһаланы. Ләкин баһаны ҡаты хөкөмгә әйләндерергә тырышыусылар ҙа уяулыҡтарын юғалтманы. Бик тиҙҙән шағир хөкөм алдына баҫты. Бабичтың замандашы тураһындағы уйланыуҙарын иһә Рәми былай тип йомғаҡлап ҡуйҙы: «Сәйфи Ҡудаш таланты талапҡа, яҡшы иптәштәрсә тәнҡиткә бик мохтаж. Өлкән шағирҙың өлкән оҫта булыуын да беҙ, йәштәр, бик теләр инек». Хөкөм сәғәте оҙаҡ көттөрмәне. Шул тиклем тырышлыҡ менән әҙерләнгән, шиғриәт хаҡында оло хәстәр менән яҙылған доклад өсөн шағирға рәхмәттәр әйтәһе, хеҙмәтен ҡулынан йолҡоп алып тигәндәй тиҙерәк матбуғатҡа бирәһе урынға Яҙыусылар союзы етәкселәре Рәми Ғарипов өҫтөнән экзекуция ойоштора. Был хурлыҡлы процесс партияның Өлкә комитетында – республиканың иң юғары етәкселеге бинаһында уҙғарыла. 1964 йылдың 11 мартындағы көндәлек яҙмалары ошолай башлана: «Иртәнге сәғәт биш инде. Һаман йоҡо алмай. Көндөҙгө күренештәр күҙ алдынан китмәй. Өлкә комитетында минең «Милләтселек» мәсьәләһен тикшерҙеләр». Рәми Ғарипов шиғриәт тураһында доклад һөйләгән осорҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә редколлегия ултырышы ла булып үткән. Унда Рәми, яҙыусы хоҡуҡтарын яҡлап, уҫал сығыш яһаған. Директор Ҡыуатов, шағирҙың һүҙҙәренә бөтөнләй башҡаса мәғәнә биреп, Яҙыусылар союзына хат яҙған. Ундағы етәкселәргә – докладта ҡаты ғына, әммә ғәҙел тәнҡитләнгән шағирҙарға етә ҡалған: Ғариповтың батаһын уҡытыр өсөн бынан да уңайлыраҡ сәбәпте эҙләп тә таба алмаҫһың. Өлкә комитетында Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол, Әсғәт Мирзаһитов Рәми Ғариповтың тәртибе буйынса информация бирә. Уларҙың фекеренсә, Рәми торғаны менән бер анархист-милләтсе, бер кемде лә кешегә һанамай торған һауалы маҡтансыҡ. Ул Сәйфи Ҡудаш кеүек намыҫлы ҡарт шағирға яла яғыусы, ҡәләмдәше Әнғәм Атнабаевтың талантынан көнләшеп йөрөүсе. Ғәйептәре уның менән генә бөтмәй, хәтәрерәктәре лә етерлек. Йәнәһе, ул татар менән башҡортто ҡаршы ҡуя, партия пленумдары ҡарарҙарына ҡаршы сыға һ.б. 1937 йыл ҡабатланһа, былар мине күптән олаҡтырырҙар ине тип уйлап ултыра Рәми. 11 марттағы көндәлек яҙмалары ошолай тамамлана: «Ә Солтанов (партияның Өлкә комитеты секретары – Р. Б.) аҡыллы кешегә оҡшай, уның урынында мин дә үҙемде шулай әрләр инем. Эштең айышына төшөнөп етмәһә лә (мин башҡортса һөйләнем), Розанов та объектив кеше, буғай. Тик Мостай ағай ғына уны бер аҙ һаташтырып ҡуйҙы. Йәнәһе, мине кемдәрҙер, ниндәйҙер милләтселәр төркөмө файҙаланырға тырыша!.. Тимәк, үҙендә лә бер төркөм бар тигән һүҙ. Төркөм бер яҡлы булмай. Ә причем бында мин? Минең халҡым бар, уның ауыр, ҡатмарлы тарихы бар, уның яулап алған хоҡуҡтары, киләсәге бар. Мин уның Октябрь биргән ошо хоҡуҡтарын тулыһынса файҙаланыуын, бер кемдең дә уға бысраҡ ҡулын һуҙмауын, бер кемдең дә уны мыҫҡылламауын, уның исеме менән һатыу итмәүен генә һәм уның үҙ шағирҙарының 5 йылда 2 табаҡлыҡ китап сығарырға зар-интизар булып йөрөмәүен генә теләйем. Һәм ул китап үҙ халҡыма барып етһен ине, иң ғәҙел хөкөмдө мин уның ауыҙынан ишетһәм ине. Минең бөтә теләгәнем шул ғына. Шул теләгем изге булған өсөн генә мин бөгөн ямаулы салбар кейеп, аслы-туҡлы йөрөйөм, балаларҙы, ҡатынды интектерәм... Шуның өсөн генә мин бер баламды шул уҡ нәшриәт бүлмәһендә туңдырып үлтерҙем. Шул маҡсат өсөн генә 8 йыл төрлө кешеләрҙең утын һарайында, тамуҡ бүлмәләрендә, тауар складтарында, юлаусылар йортонда, гостиницаларҙа йәшәп, ярты эш хаҡымды, ҡан-йәшемде түгеп йәшәнем, эшләнем һәм бер генә юл да выжданыма, намыҫыма ҡаршы төшөп, аҡса өсөн яҙа алманым. Башҡа халыҡтарҙы үҙ халҡым кеүек күргән өсөн мин уларҙың шиғырҙарын-тауыштарын үҙ телемә тәржемә иттем. Әгәр ҙә кәрәк икән, шул халҡымдың киләсәге өсөн ҡорбан булыу миңә бер ни ҙә түгел. Ләкин ҡорбан биреү етте, буғай, инде ижад итергә, әҙәмсә йәшәргә, әҙәмсә мөнәсәбәт булдырырға ине!» Ябай көндәлек яҙмалары түгел был юлдар, был һүҙҙәрҙә йоҡоһоҙ төн үткәреп, иртәнге биштә лә үҙенә-үҙе урын таба алмаған шағирҙың иңрәп, рәнйеп әйткән монологын ишетәм мин. Өлкә комитетында Рәми нимәләр һөйләгәндер, әммә унда әйткәндәренең ошо яҙғандары менән ауаздаш булғанлығына шик юҡ. Әгәр ҙә илһөйәр шағирға тура һүҙе өсөн нахаҡ ғәйептәр өйөп ойошторолған ошо мәсхәрә хөкөм ишараты хаҡында берәй драматик фарс яҙыусы табылһа, уның өсөн Рәмиҙең монологын уйлап сығараһы юҡ. Шағир уны мөхәббәте, нәфрәте, күҙ йәштәре менән яҙып ҡалдырған. Аптыраулы һорауҙар менән тулы был монологта ғәйепләнеүсенең күңелен йыуатҡан мәл дә бар: «Ә намыҫ? Ундай нәмә бик самалы. Ваҡ маҡсатлы кешеләрҙә ул ҙур булмай. Ниндәй ауыр был кешеләрҙе аңлауы!.. Бигерәк тә бынан һуң иң ышанған кешеңә ышаныуы ауыр. Мостай ағай ҙа инде үҙ исеме өсөн тырышҡас, ҡалғандарҙан ни көтәһең? Ә бына Ғайсаны (Ғайса Хөсәйеновты – Р.Б.) күпме генә «ҡойроҡ болғай» тиһәк тә, шулай ҙа ул оло йөрәкле – берҙән-бер ысын яҡлаусы, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ул булды. Минеңсә, уға әҙәбиәт – ашар икмәге, алып торған урыны ғына түгел, ә намыҫ эше, ғүмер маҡсаты. Ул әҙәбиәттә үҙе өсөн генә түгел, ә әҙәбиәт үҙе йәшәй унда. Станиславскийҙың бөйөк һүҙҙәре хәтергә килә: «Сәнғәттә үҙеңде түгел, ә үҙеңдә сәнғәтте һөй». Был еңел эш түгел. Ә әҙәбиәтең, культураң, халҡың менән һатыу итеү – был, күрәһең, еңелерәктер?..» Рәми Ғариповтың, шиғриәт тураһында күпме тикшеренеү үткәреп, Яҙыусылар союзында ихлас телмәр тотоуы, нәшриәттең редсоветында, әҙиптең хоҡуғын яҡлап, ҡыйыу һүҙ әйтеүе бына шундай шау-шыу тыуҙыра. Әгәр ҙә шағир яңы әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында ентекләп теркәгән күҙәтеүҙәрен докладына тағы ла тулыраҡ индерһә, нимә булыр ине? Ғәйепләүҙәр ул сағында бермә-бер артыр ине, әлбиттә. Әҙәби күренештәрҙе баһалауҙа Рәми аяу белмәне. Уның өсөн, мәҫәлән, ҡәләмдәше Рафаэль Сафиндың «Ышаныс» поэмаһында «күбектәрен сәсеп, зырлап әйләнгән тирмән ҡуласаһы бушҡа әйләнә», «турғайға туптан атыу килеп сыҡҡан». Икенсе бер ҡәләмдәшенә лә өлөш сығара: «Унан һуң бик сәйер ғәҙәт бар Атнабайҙа: әгәр юлы кеше баҡсаһы тирәһенәнерәк үтһә, берәй деталь йәки образ йылмайыбыраҡ сәскә атып ултырһа, уны өҙмәйенсә йәне түҙмәй инде уның». Был хаҡта ҡолаҡтан ҡолаҡҡа һөйләүселәр аҙ булманы, ә Рәми үҙенең ҡарашын үҙе өсөн яҙып ҡуйған, докладына индермәгән. һәр шағирҙы ул тулыраҡ аңларға тырыша: «Даян ағайҙың ҡайһы бер шиғырҙары шул тиклем оҙон, уларҙы һис тә ҡурҡмайынса бер юлы ла ҡалмаҫлыҡ итеп ҡыҫҡартырға мөмкин!» – ти ҙә яңынан былай уйлана: «Дөрөҫөн әйткәндә, мин Даян ағайҙан ҡәнәғәт түгелмен. Ләкин мин ҡәнәғәт булмау Даян юҡ тигән һүҙ түгел». Һәр шәхескә иғтибар талап итә: «Ә беҙгә хәҙер Ғафури ҙа бер ҡатлылыҡ кеүек. Ләкин был беҙҙең тарихи ҡарашыбыҙҙың бер ҡатлылығы». Әҙәбиәттең үҫешен тотҡарлаусы оло бәләләрҙең береһе – әҙиптәрҙең йыш ҡына үҙ фекере, гражданлыҡ позицияһы булмауы. Юғарынан нимә әйтәләр, шуны закон кеүек күреп, бер һүҙһеҙ ҡабул итеү ғәҙәтенән хатта яҙыусылар ҙа тиҙ генә ҡотола алманы. Илленсе йылдар аҙағында Пастернакты өҫтән килгән фарман буйынса ҡәһәрләүҙәр кульминацион юғарылыҡҡа еткәндә, уны фашлаусы яҙыусылар йыйыны Башҡортостанда ла ойошторолдо, «Мин Пастернакты уҡыманым, ләкин ҡәһәрләйем» тиеүселәр беҙҙә лә етерлек табылды. Һуҡыр буйһоноу психологияһынан ҡотола алмау, һәр үҙенсәлекле ынтылышҡа, яңыса әйтелгән һүҙгә шикләнеп ҡарау ижади фекерҙе сикләп һаман да йәшәй бирҙе. Үҙ заманының елдәре Рәми Ғариповты ла урап үтмәне. Ләкин күпселек кешеләр әйткән һүҙҙең гел генә хаҡлы булып тормауын да ул яҡшы белде. Шуға ҡайһы саҡта яңғыҙы ҡалғанда ла, һүҙенең хаҡ булыуына инанғанда, күпселектең ҡарашын ҡабул итмәне: «Беҙҙә туҡмалғандарҙы туҡмау модала. Ш. Мәхмүтов, Азат Абдуллинды туҡмайҙар. Һәм был туҡмаҡты ҡыҙылға төрәләр. Ләкин нисек кенә төрмә, бының эсендә кешегә иҫ киткес ғәмһеҙ, оятһыҙ, әшәке бер күҫәк ята. «Онотма мине, ҡояш!» – минең өсөн һуңғы йылдарҙа иң тулҡынланып, кисереп ҡараған сәхнә әҫәре. Был кеше рухы тураһында поэма ине». Күпселек ҡабул итмәгән Шамил Мәхмүтовтың да шиғриәт өсөн кәрәкле яҡтарын күрергә тырыша: «Ш. Мәхмүтовты башҡаларға оҡшамағаны өсөн мин әрләй алмайым. Ниңә һуң әле ул Муса Ғәлигә йәки Назар Нәжмигә оҡшарға тейеш?», «Ш. Мәхмүтов фекер уята», «Беҙҙең поэзияға яңы интонациялар керетеү яғынан файҙалы», «Поэзиябыҙ Шамилдағы интеллект кимәлен үҙенә аласаҡ, ләкин был характерҙы алыуы шикле. Уның үҙ киләсәге бар. Ә төрлө тәжрибәләр уға кәрәк, тим мин», – Рәми шиғриәттәге һәр ынтылышҡа иғтибарлы, уның ҡарашы киң, фекере һығылмалы, етеҙ. Ҡайһы саҡта уның һығымталары юҡ иткес дәрәжәлә киҫкен. Мәҫәлән, доклад ҡарамаларында Әкрәм Вәли тураһында бына нимә ти: «Уға һуғыштан ҡайтҡас уҡ прозаға тотонорға кәрәк ине – юҡһа ул бер шәп шағирҙың урынын алып йәшәне, ә үҙенән ни бары ике юллыҡ шиғыр ҡалды: Мин йырымды ҡайҙан башлаһам да, Һиңә ҡайтып ҡала, Ватаным». Халҡы күңелендә хатта бер юл ҡалдырмаған шиғыр яҙыусылар бар. Заман мәсьәләһен үҙәккә ҡуйып, Рәми Ғарипов уҙғандарҙы өйрәнеүҙе, бәлки сикләргә кәрәктер тигән бөтөнләй урынһыҙ һорау ҡуя: «Хатта йәштәр ҙә Аҡмулланың ҡәбер таштары тирәһендә урала, уға Кирәй Мәргән етмәгәнме? Соҡоройҙарҙы Әхнәф Харистар соҡоғаны етмәйме?» Әҙәби мираҫты ныҡлап өйрәнеүгә әле яңы тотонған дәүерҙә, «башҡорт әҙәбиәте тик революциянан һуң башлана» тигән доктрина әле һаман йәшәп килгәндә, киң ҡарашлы Рәми Ғариповтың мәсьәләне бындай юҫыҡта ҡуйыуы ныҡ ғәжәпләндерә. Әлбиттә, ошонда уҡ ул «бөгөнгө әҙәби процесс съезд докладтарында ғына ҡуйыла» тигән актуаль фекерҙе лә әйтә. Ләкин хәҙергегә иғтибар уҙғандарҙы өйрәнеүгә иғтибарҙы кәметеү иҫәбенә була алмай. Бер ҡыҙғанда, Мостай Кәримгә лә өлөш тейә: «Бөгөнгө ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы, героик тормошто хатта Мостай Кәрим дә ситләтеп үтә, уҡыусыны ғазаплаған һорауҙарға төрлө «сер»ле йылмайыуҙары, кинәйәле «ҡара һыуҙары» менән генә яуап бирә. Пьесаһы ла алыҫ үткән замандарға – тағы кинәйәгә ҡоролған. Ә ниңә бөгөнгө көндөң үҙенә туп-тура ҡарап, туп-тура ҡыйыу һүҙ әйтмәҫкә?» Шул осорҙа ошолай фекерләүселәр Рәми Ғариповтан башҡа ла байтаҡ ине. Донъя классикаһына инерлек «Ай тотолған төндә» һымаҡ әҫәрҙәр быуаттарға бер тыуа. Уларҙың ижад ителеүе, сәхнәгә завод ҡорамалдарын йәки төҙөлөш шау-шыуын тултырып, әҙәбиәттә актуаллек мәсьәләһен хәл итергә тырышыуға ҡарағанда күп тапҡырҙарға мөһимерәк. Тарих бөгөнгөнө тулыландыра. Уҙғандар аша бөгөнгө хәлдәр тураһында иҫкәртеүсе трагедиянан һуң Мостай Кәрим, оло тормошҡа ҡанатланып инеп килеүсе йәш замандашыбыҙҙы үҙәккә ҡуйып, «Айгөл иле» драмаһын яҙҙы. Рәми Ғарипов заман мәсьәләләре тураһында айырыуса борсолоп уйлана, уны үҙәккә ҡуя: «Һүҙҙәребеҙ ҡыу ҡалҡыуыс һымаҡ өҫтән генә дерелдәп йөрөмәһен ине. Күҙҙе йома-йома уҡыуҙан да йәки шиғырҙы йылмайып, ҡулды һелтәй-һелтәй уҡыуҙан да уның фекере тәрәнәймәй. Танау менән уҡығанда шул уҡ һөҙөмтә шикелле. Йәки быйыл мин күберәк ғилми эштәр менән мәшғүл булдым тип уҡығанда ла ул тәрәнәйеп китмәй. Шулай уҡ быға оло бас та ярҙам итмәй. Таҡыр башыңды бер-ике бөртөк сәсең менән ҡаплап ҡуйып уҡығанда ла шағирҙың риторикаһын ҡаплап булмай» (14.12.63). Был исемһеҙ портреттар яҙылғас та баҫылып сыҡһа, Назар Нәжми ҙә, Ғилемдар Рамазанов та, Хәким Ғиләжев тә, Ғәйнан Әмири ҙә, башҡалар ҙа үҙҙәрен бик еңел таный алырҙар ине. Әлбиттә, Рәмигә рәхмәт әйтмәҫтәр ине. Шағирҙың был күҙәтеүҙәре заманында уҡыусыларға барып етмәһә лә, шул замандың тере тамғалары булып, яңы быуындарға бәйән итәсәк. Мәсьәләнең асылына нығыраҡ үтеп уйланһаң, көндәлектәр, көнөндә үк баҫылырға иҫәпләнмәгән төрлө яҙмалар кешенең үҙенән дә бигерәк башҡаларға йүнәлтелгән. Шиғырҙарында ғына түгел, тиҫтә-тиҫтә дәфтәр яҙмаларында ла шағир донъя менән һөйләшеүен дауам итә, ҡағыҙ биттәре аша ҡарашын замандаштарына, был донъяға киләсәк ватандаштарына төбәй. Диңгеҙ тулҡындарына ҡарап, Рәми: «Һеҙ ул заман кешеһенә сәләм әйтегеҙ минән!» – тигәйне. Тормош та туҡтауһыҙ хәрәкәттәге диңгеҙ һымаҡ бит: тулҡын артынан тулҡын килә, быуынға быуын ялғана. Яңы быуаттарҙы шағир күрә алмаҫ, ә яҙғандары – шиғыр булыпмы, мәҡәләләр, көндәлектәр, хаттар рәүешендәме – киләсәк кешеләре менән, моғайын, осрашыр, Рәми Ғариповтың сәләмен алып барып еткерер. Ошондай өмөт, ышаныс булмаһа, илем-телем тип, әҙәбиәтем, шиғриәтем тип янып йәшәүеңдән ни файҙа? Рәми ҡайҙа ғына булмаһын, көндәрен дә, төндәрен дә тормош, шиғриәт хаҡында уйланыуҙар солғап алған. Шиғырҙарында – шәхестең яҙмышы, ғүмерҙең лирик көндәлектәре. Йылдар буйы алып барған көндәлектәрендә күпме шиғырҙарҙың башланғыстары һибелгән. Уларҙа фәлсәфи фекерҙәр тормош прозаһын ҡыҫырыҡлай, айырым көндәрҙең яҙмалары тотошлайы менән үҙенсәлекле уйланыуҙарҙан тора, рифмаланмаған фәлсәфәүи шиғырҙар һымаҡ уҡыла. Урыны менән автор шиғыр телендә һөйләшеүгә күсә. 1963 йылдың 9 декабрендәге «Төрлө уйҙар. Шағир» тип исемләнгән яҙмаларҙан ҡайһы бер юлдарҙы килтерәйек. «Киләсәк ул – минең көн һайын ҡайтып килә торған өйөм» – Рәми Ғарипов ижадын ныҡлап белмәгән кеше был үҙенсәлекле фекергә иғтибар итер ҙә артабан уҡып алып китер. Ә бит был һүҙҙәрҙән артабан ошондай тапҡыр шиғри юлдар тыуасаҡ: Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә, Иртәгәгә баҫһын береһе. Эштән өйгә ҡайтҡан һымаҡ, Киләсәккә ҡайтып йөрө һин. «Минең үҙ күҙем, үҙ һүҙем бар, һәм мин үҙемсә күрергә, үҙемсә әйтергә хаҡлы» – был фекер ҙә артабан шиғырға әйләнәсәк. «Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға шағир баш эймәҫ» – ошо уҡ көндө яҙылған был юлдарҙы Рәми 1964 йылдың 28 февралендәге көндәлек биттәрендә былай дауам итәсәк: Батшаларға башын эймәгәнде, Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ! Бөйөк әсәй – Рәсәй билкәйенә Сиселмәҫкә ул бит уралды. Ҡәмәре бит Өфө Уралдың. Ныҡ тотабыҙ ҡында ҡоралды. Әлегә шиғри юлдар ошоноң менән тамам. Был осҡон шағир күңелендә һүнмәй һаҡланасаҡ. Һигеҙ йылдан һуң ошо осҡондан «Салауат батыр» тигән ялҡынлы шиғыр тыуасаҡ. Был әҫәрҙең Рәми яҙмышына нимәләр килтерәсәге хаҡында һүҙ алда булыр. Көндәлек яҙмаларҙың шағир өсөн ниндәй илһам сығанағы булғанлығын, уларҙың ни тиклем тапҡыр күҙәтеүҙәр, уй-фекерҙәр концентрацияһына әйләнгәнлеген ошо миҫалдар асыҡ күрһәтә. Тағы бер параллель: «Таш төшкән ерендә ауыр, ти. Һүҙҙең дә ваҡытында әйтелгәне яҡшы. Һуңлап әйтелгән фекер, хатта ул бөйөк булһа ла, рухи аҙыҡ була алмай. Шағир һүҙҙе ваҡытында әйтә белһен» (6.12.63). Былай ҙа ныҡ әйтелгән. Рәми өсөн был һүҙҙәр уйланыуҙарҙың башланғысы ғына. Ижад эше туҡтауһыҙ дауам итә, уйланыуҙарын артабан үҫтереп, аҙаҡ шағир һәр юлы афоризм булырлыҡ поэтик кредоһын тыуҙырасаҡ: Ирлек булһын шағирлыҡта, Шағирлыҡта ирлек булмаһа, Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, Дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа? Шағир зиһененең көнө-төнө эҙләнеүе сәсмә юлдар араһына шиғри ынйылар һибеп ҡалдыра. Тормош та, ижад та туҡтамай, ҡаршылыҡтар сыныҡтыра, инаныуҙар һауыҡтыра, үҫеү дауам итә. Ҡайһы саҡтарҙа шуныһы айырыуса хайран ҡалдыра: илһамлы сәғәттәрҙә тәбиғәт үҙе Рәми Ғариповҡа фатихаһын биргән, уның уйҙарын хуплаған, шағирҙы яңы мөҡәддәс эштәргә саҡырған һымаҡ. Рәмиҙең үҙен тыңлайыҡ. «1964 йыл. 27 апрель. Тәүге ҡабат күк күкрәне. Бик сәйер күкрәү булды был. Рәхәтләнеп ҡар яуып тора. Киске сәғәт 11-ҙәр булғандыр. Мин редакцияла күк күкрәү тураһында «Һынау» тигән шиғырҙы яңынан эшләп ултыра инем, ҡапыл төндө яҡтыртып йәшен йәшнәне лә бик ҡаты итеп күк күкрәп ебәрҙе. Хатта һиҫкәнеп киттем, унан хат яҙырға тотондом. Бик сәйер килә был яҙ. Хәйерлегә булһын инде. Кисә урманға сығып, ҡар аҫтынан тәүге сәскәләр йыйып алып индек. Быға тиклем ҡар аҫтында сәскә үҫеп ултырғанын күргәнем юҡ ине әле. Ғәжәп: ҡалын ҡар аҫтында яҙ күрке (подснежник) рәхәтләнеп сәскә атып ултыра. Тәбиғәт үҙенекен итә. Минең шиғырҙар ҙа шулай уҡ түгелме һуң әле? Ниндәй генә һалҡын булмаһын, йәшен йәшнәп, күк күкрәй. Нисек кенә ҡар ҡалын булмаһын, ҡар аҫтында яҙ күрке сәскә атып ултыра. Был апрелдә ниндәй генә әшәкелектәр башҡа ҡойолмаһын, барыбер минең рухты һындыра, өмөттө һүндерә алмайҙар. Тик алданма арзан дан-шөһрәткә Осҡан саҡта ғүмер юлынан. Йәшен балҡый тәүҙә, Күк күкрәүе Ишетелә бары һуңынан. Кисә Шакир Галин миндә ҡунды. Төнгө сәғәт 4-кә тиклем шиғыр уҡыныҡ, һөйләштек. Ә иртән Рауил Бикбаев ҡатыны менән килеп сыҡты. Ә кискә табан ҡустым Рауил килде. Ағиҙел буйына барып ултырып ҡайттыҡ». Рәми Ғариповты уратып алған мөхиттән шиғыр бөркөлөп тора. Көндәлектең был өлөшөндәге шиғри юлдарҙан сәсмә рәүештәгеләренең шиғрилығы һис кенә лә кәм түгел. Ҡар аҫтында сәскә атып ултырған умырзаялар үҙҙәре үк ниндәй образ бит! Шағирҙың шул умырзаяларҙы ҡар тырнап эҙләргә яратҡанын белә инем, үҙемдең дә эҙләшкәнем булды, Рәми ағайҙың ул ғәҙәте тураһында яҙғаным да булды. Был сәскәләрҙе шағир тәүге тапҡыр бына ҡасан күргән икән. Мостай Кәримдең «Таш өҫтөндәге гөлдәр» исемле шиғыры, бигерәк тә ундағы: Әгәр уттар үткән минең йөрәк Мөмкин икән ташҡа әйләнеү, Һиңә булған мөхәббәтем минең – Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме, – тигән юлдар тағы ла хәтергә килә. Рәми Ғариповты боҙло дауылдар һелккеләп торһа ла, яҙ барыбер үҙенекен итә: ҡар аҫтында сәскәләр үҫә. Шағирҙың: «Минең шиғырҙар ҙа шулай уҡ түгелме һуң?» тигән һорауына, яуапты үҙе ишетмәһә лә: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына шулай булды шул», – тип әйтке килә. Нәшриәттә һаман да ҡуҙғалмай ятҡан китабына шағир ҡул һелтәп ҡуйыр сиккә лә еткеләне. Ләкин сабырлығын йыйып, яңынан алып ҡайтып, тағы ла ҡыҫҡартып эшләп сыҡты. 1964 йылдың көҙөндә уҡыусылар Рәми Ғариповтың «Һабантурғай йырҙары» тигән өсөнсө китабын ҡулға алып ҡыуандылар. «Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе ишетелә бары һуңынан» тигән һүҙҙәр шағирҙың тере сағында баҫылмай ҡалған әллә күпме әҫәрҙәренең яҙмышына бик тап килә. Әммә «Һабантурғай йырҙары»ның шиғриәт күген нурландырып балҡыуы ла, өр-яңы моңдар тыуҙырыуы ла халыҡҡа һуңламайынса, үҙ ваҡытында барып етте. Ике табаҡлыҡ был ыҡсым ғына китап алтмышынсы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендәге иң оло ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Был йыйынтығы сыҡҡандан һуң шағирҙың дан-абруйы тағы ла нығыраҡ артты. Шиғыр кисәләрендә «Һабантурғай йырҙары» бик тиҙ һатылып бөтөр, автограф яҙҙырыр өсөн шағирҙы уратып алырҙар ине. Быға мине байтаҡ осрашыуҙар шаһит итте. Ошо йылда минең «Дала офоҡтары» тигән беренсе китабым сыҡты. Ул саҡта Стәрлетамаҡта, уның тирәһендәге ауыл-ҡалаларҙа уҙғарыла торған традицион көҙгө шиғыр байрамдарында шул йылда мин тәүге тапҡыр ҡатнаштым, Рәми ағай менән бергә сығыш яһаным, ус аяһындай йыйынтығыма тәү башлап автографтар яҙған булдым. Был кисәләрҙе, әлбиттә, Рафаэль Сафин менән Рәми Ғарипов шаулатты, тамашасыларҙың айырыуса ярһып алҡышлағандары уларҙың сығыштары ине. Ошо йылда Рафаэль ағайҙың «Ышаныс» исемле яңы китабы донъя күргәйне. Сәхнәнән шиғыр уҡыу оҫталығы буйынса Рафаэль Сафинға тиңләшерлек шағирҙы табыуы ҡыйын. Ул үҙенең артислыҡ һәләте менән залды яулаһа, Рәми Ғариповтың тоноҡ ҡына тауыш менән ашыҡмай ғына уҡыған шиғырҙарындағы тәрән фекер, моңло аһәң күңелдәрҙе арбап алыр ине. «Һабантурғай йырҙары»на ингән байтаҡ шиғырҙарҙы, бигерәк тә мөхәббәт хаҡындағы юлдарҙы беҙ – шул ваҡыттағы йәш шағирҙар – яттан ҡабатлап йөрөй торғайныҡ. Шул сыуаҡ көҙҙөң балҡышы иҫкә төшһә, йылыһы битемә тейеп үткән һымаҡ. Стәрле вокзалында беҙҙе йәш шағирҙар, шиғриәткә ғашиҡ егеттәр, ҡыҙҙар йыр-моң менән күҙҙән юғалғанса ҡул болғап оҙатып ҡалғайны. Поезда Рәми ағай, ошондай һүҙҙәр яҙып, миңә яңы китабын бүләк итте: «Рәүилгә – бына халҡыбыҙҙан ҡайтып та киләбеҙ, күңелебеҙҙә бер ҡасан да ҡайтмайыҡ, күңелебеҙҙә күпме генә көсөбөҙ, күпме генә ышанысыбыҙ, күпме генә матурлығыбыҙ бар, барыһын да биреп ҡалайыҡ. Рәми. 21.10.64». Лирик симфонияға оҡшаш был китаптың тәүге битен инеш шиғыр дәртле, күтәренке увертюра һымаҡ асып ебәрә: Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай... Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Йә атылып күккә менә уҡтай, Йә атылып ергә төшә туптай, Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай, Ҡасан был еҙ шөңгөр ялға туҡтай? Ҡанатынан яҙҙы түгә, буғай – Яҙға ҡойона бар ялан-туғай. Түгелдер был, ахыры, һабантурғай, Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!. Йыйынтыҡҡа тупланған шиғырҙар донъяны яҙға саҡырған һабантурғай һымаҡ, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәй. Инештә башланған күтәренке рух «Йырға ҡайтыу», «Йондоҙло уйҙар», «Һабантурғай йырҙары», «Туған тауыштар», «Зәңгәр яҙ» исемле биш бүлектең буйынан-буйына көсәйә бара. «Заман һынауы» шиғырында әйтелгәнсә: Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә, Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле – Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым, Үҙең ала алған ҡәҙәрле, – тигән һүҙҙәренә шағир китабының башынан аҙағына тиклем тоғро ҡала. «Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте» тигән юлдар Рәми Ғариповтың тормош менән бәйләнешен бик мәғәнәле әйтеп биргән. Заманса булайым, әҫәрҙәрем актуаль ишетелһен тип, шағирҙар аҙмы тамаҡ ярҙы. Ҡолаҡ тондорғос һөрәндәре, донъяны яңғыратһа ла, йөрәктәргә үтеп инмәне. Ижадының башланғыс осоронда Рәми ҙә бындай хәлдәргә юлыҡты. Алтмышынсы йылдарҙа башҡорт шиғриәтендә тауыш аҙая, моң арта барҙы. Шиғырҙарҙың образлы фәлсәфәһе үҫте, кешенең «күңел диалектикаһына», уй-тойғолар төрлөлөгөнә иғтибар көсәйҙе. Был яңырыуҙы төрлө быуын шағирҙары һәр береһе үҙенсә кисерҙе. «Һабантурғай йырҙары» шиғриәткә яңы сифаттар алып килгән ошо процесты тиҙләтеүсе иң мөһим күренештәрҙән ине. Был китапҡа ингән шиғырҙарҙың диапозоны киң, уй-тойғолар йәйғор кеүек күп төҫлө, сағыу. Уларҙа хеҙмәт дәрте лә, тыуған ерҙең матурлығы ла, тәбиғәттең мәңгелеге, бөйөклөгө лә, халыҡтың уҙғаны, бөгөнгө яҙмышы менән ғорурланыу ҙа, һыҙланыу ҙа, ҡайнар мөхәббәт кисерештәре лә тәбиғи әйтеп бирелгән. Хәҙерге ауыл кешеләре лә, Йүрүҙән буйҙары ла, илһамдың тамырҙары ла был китапта әле бер шағир ҙа әйтмәгәнсә асылды. Уҡыусыларын шағир ғәжәп үҙенсәлекле донъяға алып инде. Йәшәгән заманын Рәми Ғарипов йондоҙло тип атаны: «Йондоҙло уйҙар», «Һөйлә кешеләргә кеше хисен, йондоҙло бер заман һулауын», «Кеше ғашиҡ бөгөн бар донъяға, мөхәббәте һыймай йыһанға. Йондоҙло тел кәрәк бөгөн уға, эй, ҡанат ҡуй, заман, илһамға!» Тормош ҡаршылыҡтар менән ҡамаһа ла, шағирҙың ошондай ҡанатланған саҡтары ғүмерендә аҙ булманы. Ул ошо йондоҙло заманына бәрәбәр шиғри саралар, уға ауаздаш йондоҙло тел таба алды. Ижад донъяһындағы яңылыҡтарға һәр саҡ иғтибарлы, ҡәләмдәштәренең шиғри табыштарына ихлас ҡыуана белгән Рәми Ғарипов остаздарының береһе хаҡында былай тип яҙғайны: «Мостайҙың күҙ күреме ғәжәп киң: ул Европанан Азияға сығып барған ҡырмыҫҡаға ла иҫе китеп ҡарап тора, шулай уҡ Уралды Европа-Азияны пар ҡанаты итеп осҡан гигант ҡош итеп тә күрә белә. Шулай уҡ ул уны ҡайын япрағы итеп күрергә лә мөмкин» (6.12.63). Рәми Ғариповтың үҙенең алтмышынсы йылдарҙағы ижадына ла ошондай киң һулыш, шул уҡ ваҡытта тормошҡа ентекле ҡараш хас. Йондоҙло уйҙар уны ерҙән айырмай, ул ауылдаштарының ҡыуаныс-борсолоуҙарын уртаҡлашып, бергә кәбән ҡойоп, игенселәр менән баҫыуҙарҙа төн үткәреп, таң ҡаршылап йәшәй. «Һабантурғай йырҙары»н ҡулына алғандар, «Байлыҡ» шиғырындағы ошо юлдарҙы уҡып, шағирҙың йәшәү ритмын асыҡ тойғандыр: Шулай итеп, һин секретарь хәҙер – Ауыл йәштәренең башлығы!.. ...Һин етәксе икән, һин шағир бул, Һәм һыҙғанып эшлә еңеңде! Еңел түгел?.. Көтмә еңелде!.. Тыуған яғына яңынан аяҡ баҫыу менән Рәми Ғарипов үҙенең эш программаһын шулай билдәләп ҡуйған: «Һин етәксе икән, һин шағир бул». Комсомол етәкселегендә ижадсы фекерен чиновник ҡырыҫлығы ҡороторға ла мөмкин ине бит әле. Бында шуның киреһе ҡыуандыра: етәксе-шағир йәшәйештең фәлсәфи асылы хаҡында нығыраҡ уйланды. Тыуған яҡтарында, яҡташтары араһында совхоз, комсомол, редакция эштәре һәм ижади хеҙмәт менән үткәргән тынғыһыҙ өс йыл ғүмер Рәми Ғарипов тормошонда күп кенә ҡаршылыҡтар, бәрелештәр тыуҙырһа ла, шиғри үҫешендә яңы этабына уңышлы старт булды. «Таш сәскә» китабы сыҡҡандан һуң алты йыл үткәс, уҡыусылары һәм ҡәләмдәштәре алдында «Һабантурғай йырҙары» менән шағир яуаплы имтихан тотто. Был һынау башҡорт шиғриәтенә мөһим ҡаҙаныш өҫтәне. Һүҙем бар Меңәрләгән уҡыусылар ҙа, хатта киң әҙәби йәмәғәтселек тә «Һабантурғай йырҙары»ның ныҡ ҡыҫҡартылып – ни бары яртылаш көйө сыҡҡанлығын белмәй ине. Шағир китапты шундай оҫталыҡ менән төҙөгән – ул бер бөтөн көйө ҡабул ителә. Уны уҡыған кешеләрҙең фекере бер: әгәр ауылда тынғыһыҙ эш менән булған арала Рәми Ғарипов алтмыштан артыҡ шиғыр тупланған ошондай йыйынтыҡ менән ҡайтҡан икән, яңы китабы байтаҡ ваҡыттарҙан һуң ғына баҫылһа ла, ғәжәп булмаҫ һымаҡ ине. «Һабантурғай йырҙары»ндағы шиғырҙарҙан һуң тынысланыбыраҡ ҡалһа ла, уға әҙәбиәт һөйөүселәрҙең дә, ҡәләмдәштәренең дә ихтирамы кәмемәйәсәк. Һәр хәлдә, минең тиҫтер йәш шағирҙарында, беҙҙән йәшерәктәрҙә был китаптан алған тәьҫораттар оҙаҡҡа етәсәк, ундағы күпме әҫәрҙәр ғүмерлек үрнәк буласаҡ. Ҡыуаныстар ҡайһы саҡта бер-бер артлы килә. 1966 йылда Ғариповтың «Осоу» исемле дүртенсе шиғырҙар китабы сыҡты. Күңелдәрендә һабантурғай моңдары тынып та өлгөрмәгән уҡыусылар ҡыҙыҡһынып яңы йыйынтыҡты асты: шағирҙың осоуы нисегерәк икән? Ни арала өлгөргән был үҙ һүҙле Ғарипов тип, эстән ҡара көйөүселәр ҙә булғандыр. Был шиғырҙарҙың Йүрүҙән буйҙарында уҡ яҙылғанын, әле китапҡа һыймай ҡалғандары күп икәнлеген белһәләр, ундайҙар көнсөллөктәренән шартлай яҙырҙар ине. Китаптағы «Ҡурай» исемле беренсе шиғырға Шәйехзада Бабичтың: Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын, Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын, – тигән юлдары ҡуйылған. Бабич ошо образ аша халыҡ тарихын, милләт яҙмышын күҙ алдына баҫтыра. Рәми Ғарипов шиғырында был бөйөк моң эйәһе бик аяныслы хәлдә: Китте ҡурайсы дуҫ. Ҡыуышымда Ул ҡалдырып китте ҡурайын. Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда, Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым. Юҡ, моңланмай ҡурай ят ҡулдарҙа, Ят ҡулдарҙа моңһоҙ ҡурай ҙа. Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа, Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа. Әле генә ниндәй моңло ине, Бер бөйөк йән ине баяғы! Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды Йәнле тарих, тылсым таяғы... Һәр башҡорттоң ҡурайсы булмауы ла бар. Ләкин һәр шәхестең аңында милләт рухы йәшәргә тейеш. Шағир бына ошо хаҡта иҫкәртә. Ошо изге бәйләнеш емерелһә, халыҡтың рухы ҡыйрала. Тарихи хәтер юйыла икән, Салауаттар ҙа, Буранбайҙар ҙа, йырҙар ҙа, йолалар ҙа онотоласаҡ. Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан, Тормошомдан китмә, ҡурайсым. Күңелем бит мең-мең моңдарыңа Мәңгелек бер ғүмер юрайсы... Шиғырҙы йомғаҡлаусы был юлдар ҡурайсыға ғына төбәлмәгән, шағирҙың был һүҙҙәрҙе ватандаштарына еткергеһе, халҡының йәшәйешен мәңгелек итеп күргеһе килә. Осоу тигән илаһи бейеклеккә артылыр өсөн кеше рухының бына ниндәй ныҡлы таянысы булырға тейеш. Китаптағы тәүге шиғыр бына ошолар хаҡында уйландыра. «Ҡурай»ҙан һуң килгән «Һүҙем бар» шиғырындағы: «Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар, шуға минең әйтер һүҙем бар!» тигән юлдар шағирға ғәйәт ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Нимә әйткәнен белеп әйтә Рәми: ғүмере буйы маҡсаттарҙың иң бейектәренә ынтылды, иңенә бурыстарҙың ауырҙарын һалды. Яңы йыйынтығын «Осоу» тип атар алдынан был хаҡта ҡат-ҡат уйланды. Йүрүҙән буйындағы ҡыуышта яҙылған тағы ла бер шиғыры, «Осоу» йыйынтығы баҫылып сыҡҡас та, ҡат-ҡат иҫенә төштө. «Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин», тип башлаған был шиғырҙы «Һабантурғай йырҙары»на ла, «Осоу»ға ла индереп булманы. «Һәр нәмәне халҡым зиһене менән, халҡым күҙе менән күрермен» тигәйне шул шиғырында. Үткәрмәнеләр. «Һүҙем бар» шиғыры өсөн дә әле күпме бәхәсләшергә тура килде. «Һин халыҡтың күҙенә әйләндеңме ни? Сама бел!» – тиҙәр. Шағирҙарының күңел күҙе һуҡырайһа, халыҡтың да ҡарашы томаланасаҡ. Китаптың икенсе бүлеге «Осоу» шиғыры менән башланып китә. Шағирҙың мәктәптә уҡығанда аэроклубҡа йөрөүе, самолетта нисәмә тапҡырҙар һауаға күтәрелеүе был шиғырҙың яҙылыуына сәбәп булмай ҡалмағандыр. Башҡорт шағирҙарынан беренсе булып донъяны ниндәй бейеклектән пилот булып байҡаған кеше бит әле Рәми! Кемгә-кемгә, ә уға осоу, ҡанатланыу тойғолары үҫмер саҡтан уҡ яҡын, әкиәттәрҙә түгел, тормоштоң үҙендә татып ҡараған. Ләкин ғүмер юлында аэроклуб, самолеттар булмаһа ла, «Осоу» шиғыры, моғайын, яҙылмай ҡалмаҫ ине. «Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр», «Бар тормошом – осоу, ҡолау минең» – ошондай ынтылыш шағирҙың барлыҡ яҙмышына хас. Был кисерештәр Рәми Ғариповтың булмышына ғына түгел, алтмышынсы йылдарҙа совет кешеләрен ҡанатландырған космос романтикаһы менән ауаздаш. Йыһандағы яңы еңеүгә шатланыуҙан «Тағы беҙҙекеләр!..» шиғырында ошо юлдар тыуғайны: Оса ике батыр! Улар ҡайтыр, Үтәп тағы илем ҡушҡанды. Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы, Көйөндөрөр тағы дошманды. Күр һин, дошман: Беҙҙең дөрөҫлөк был! – Ҡояш булып, күккә олғашты. Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин, Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!.. Бәләкәй генә шиғырҙа шул осорҙоң үҙенсәлекле яҡтары асыҡ күренә: донъяның ике лагерға бүленеүе, ҡаршы яҡтағыларҙы дошман күреү, ике арала ерҙә генә түгел, йыһанда ла ярыш... Рәми Ғарипов заманға хас төшөнсәләр менән фекер йөрөтә. Ләкин иң мөһиме – кеше зиһененең киңлектәре. «Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! – тип, һөрән һалды илгә Левитан» – был хәбәрҙең шаңдауы онотолор, ләкин фәнни-техник ҡаҙаныштар шиғри фекерләүгә лә үҙ йоғонтоһон яһар, образдарҙың масштаблылығы артыр. Китапҡа исем биргән «Осоу» шиғырына яңынан әйләнеп ҡайтайыҡ, уның һуңғы строфаһына иғтибар итәйек: Ил осҡанда, йөрәк осмаҫмы һуң, Атмайынса бөтә ялҡынды? Бәлки, минән дә бер эҙ ҡалыр, тим, Күңел күктәрендә халҡымдың. Халыҡтың күңел бейеклектәрендә эҙ ҡалдырыу – шағир өсөн осоу фәлсәфәһенең асылы бына шунда. Ошо юғарылыҡҡа күтәрелерлек шәхестәре артҡан һайын, милләттең дә, илдең дә рухи көмбәҙҙәре бейегәйә бара. «Осоу» шиғыры менән танышҡандан һуң, «Үләндәр»-ҙең тәүге юлдарын уҡый башлайбыҙ: Ниҙер үлә миндә, ниҙер тыуа, Көн һайын мин үлеп тереләм. Күпме донъя үлә, донъя тыуа, Ә бит ерҙә мин тик бер үлән!.. Әле генә йыһандарҙы иңләп осоп йөрөгән, халҡының күңел күктәрендә яҡты эҙ ҡалдырырға атлыҡҡан шағир инде килеп кескәй бер үләнгә әйләнһенсе?!. Бик сәйер метаморфоза түгелме һуң? Ләкин Рәми Ғарипов ижадын, башҡорт шағирҙарының алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы әҫәрҙәрен ентекле барлағанда, шәхестең донъя менән бәйләнешендәге был күренештәрҙең тәбиғилегенә төшөнәһең. Алыҫ ғаләмдән кескәй үләнгә тиклемге араларҙағы үҙгәрештәрҙә кеше үҙен үҙе юғалтмай, киреһенсә, тулылана, үҫә, яңы сифаттар менән байый. Яңы ритмлы заманда шиғри фекерләүҙең дә дәүмәлдәре, образдар системаһы, әҫәрҙәрҙең структураһы яңырмай ҡалмай. Ерҙәге ғәҙәти хәлдәргә лә, ғаләм ҡоласындағы ынтылыштарға ла шиғриәт хәҙер диҡҡәтлерәк ҡарай, уларҙың айырылғыһыҙ бәйләнешендәге фәлсәфә тураһында уйлана. Шәхестең рухи ихтыяждары арта, ул үҙенең хоҡуҡтарын, мөмкинлектәрен, донъялағы урынын башҡасараҡ күрә: Муйынымдан һыуға сумған көйө Сарсап, янып һыуһыҙ интегәм. Бар донъяһын һемереп эсер инем, Ҡулым етмәй һиңә, Етегән! Рәми Ғариповтың икенсе бер шиғыры туранан-тура «Сарсау» тип атала. Тәүге юлдарҙа шағир «Кеше күпте, бик, бик күпте теләй! Бик аҙы ла етә үҙенә...» – тиһә лә, донъяға «Бар тәбиғәт миңә башын эйһен, һөйһөн мине, үҙен һөйгәндәй» тигән талапты ҡуя. Шуны ла оноторға ярамай: донъя менән бындай телдә шағирҙар боронораҡ та һөйләшкәйне бит. Ярһыу Шәйехзада Бабичтың «Иманым – үҙем! Ҡөрьәндер – һүҙем!» тигән дәғүәләрен, «Ҡабынһын донъя, бер өрһәм «өф» тип, табынһын миңә аждаһа, ғифрит!» тигән талаптарын иҫкә төшөрәйек. Алтмышынсы йылдарҙа шәхестең күнегелгән фекер ҡалыптарынан сығырға ынтылыуы тормоштағы реаль ерлек менән нығытылды. Рәми Ғариповтың «Мин сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә, йондоҙ яна минең ҡулымда!» тигән һүҙҙәрендә Бабич традицияларының үҙенсә дауамын күрергә мөмкин. Ләкин егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында шәхестең йыһан менән бәйләнешендәге үҙгәрештәр фараз ғына булмайынса, ысынбарлыҡҡа әйләнә, кеше психологияһына, фекерләү рәүешенә үтеп инә. Бабичтарҙан килгән күккә осоуҙар романтикаһының кеше йыһанға күтәрелгән дәүерҙә башҡорт шиғриәтендә айырыуса Рәшит Назаров әҫәрҙәрендә баҙыҡ сағылыш табыуы хаҡында мин байтаҡ миҫалдар килтереп ентекле генә яҙғайным инде. Уның бер шиғырында, мәҫәлән, ярһып алып ҡасҡан аттан ҡолағанда ла, әйтерһең, кеше тәгәрәмәй, ә ер үҙе кешенең башы аша оса. Бында бер генә күренеш тә ғәҙәттәгесә түгел: ер менән күк бутала, офоҡ ҡаса, юл ҡурҡып ялтана, тау (уба ла түгел, ҙур тау!), йөҙөн ҡаплап, сытырлыҡҡа боҫа, ҡалтыранған күлдең йөҙө йыйырыла... Һәм ҡапыл ер кешенең башы аша оса! Ваҡиғаларға йыһан бейеклегенән ҡараған һымаҡ, хәрәкәт космик тиҙлектәгеләй көсөргәнешле һәм йылдам үҫә. Шәхестең көсө, ҡоласы арта, урыны үҙгәрә. Кеше буйһоноп ҡына түгел, буйһондороп та йәшәй, хужаға әйләнә. Мостай Кәримдең нәҡ ошо дәүерҙә тыуған «Дуҫлыҡ» шиғырында ла шул уҡ рухи сарсау, ғәҙәти көнкүрештә лә, юғары ынтылыштарҙа ла ҡапыл ғына ҡанмаҫлыҡ теләктәр: Һин ҡомһоҙһоң, дуҫым, бар нәмәгә... Эштә – шыбыр тирең аҡҡансы, Бәхәс булһа – тамаҡ ҡарлыҡҡансы, Табын булһа – таңдар атҡансы. ...Һин ҡомһоҙһоң, дуҫым, бар нәмәгә... Ҡулдарыңда донъя тотҡаһы. Йондоҙҙарға ҡарап туя алмағас, Һин күҙҙәрең менән йотаһың. «Самаса ғына йәшә, дуҫ, самаса ғына эшлә» тигән кәңәштәргә ошо осорҙа «Булмам самаса» шиғырында Баязит Бикбай былай тип яуап биргәйне: Самаса ғына йәшәһәм, Самаса ғына яҙһам, Минең өсөн булыр ине Тормош самаһыҙ арзан. Самаһыҙ һөйәм донъяны, Халҡым – самаһыҙ яҡын. Ҡабатланмаҫ ғүмерем дә Үҙе – самаһыҙ алтын. Бирмәгеҙ самаса кәңәш, Сама самаға килмәй. Араларҙың сиге булмай, Йөрәк саманы белмәй. Ерҙән киткәндә лә самаһыҙ күп һүҙем ҡалыр, тине шағир. Ләкин бынан ун-егерме йылдарға кире ҡайтып, ҡырҡынсы-илленсе йылдарҙа самаларҙың ниндәй миҡдарҙа булғанлығын яңынан иҫкә төшөрәйек. Кешеләр сәйәси ғәйепләүҙәрҙән ҡурҡып йәшәгәндә, фекер үҫеше ҡалыптар менән ҡоршалғанда, шиғриәт тә, барлыҡ совет әҙәбиәте лә билдәләнгән самаларҙан сыҡмайынса йәшәргә мәжбүр ине. Алтмышынсы йылдарҙа дыуамал йәштәр генә түгел, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн куп татыған өлкән шағирҙар ҙа яңыса фекер йөрөттөләр. «Йылыныу» миҙгеле, йыһанды яулауҙағы ҡаҙаныштары, хәҙергегә, уҙған тарихҡа киңерәк ҡараш, шәхестәргә, тотош халыҡтарға ҡарата ҡылынған ғәҙелһеҙлектәрҙе төҙәтергә тырышыуҙар шиғриәттә элекке ҡәтғи сама-нормаларҙы үҙгәртте, фекер иркенлегенә юл асты. Өлкәнерәк быуын шағирҙарының әҫәрҙәрендә был яңырыу айырыуса асыҡ күренде. Сәйфи Ҡудаш, Баязит Бикбай, Маҡсуд Сөндөклө, Сәләх Кулибай, Ғәйнан Әмири ижадтарында бығаса булмаған фәлсәфәүи уйланыуҙарға бирелделәр, хатта мөхәббәт хаҡында йәш саҡтарына ҡарағанда ҡыйыуыраҡ, йышыраҡ һүҙ әйттеләр. Хәҙер инде улар оҙон-оҙон поэмала түгел, лирик шиғырҙарҙы күберәк яҙҙылар. Был күренеште мин бер хеҙмәтемдә «аҡһаҡалдарҙың йәшәреүе» тип атағайным. Уларҙың әҫәрҙәрендә генә түгел, уй-тойғолар төрлөлөгө шиғриәттең уртаҡ сифатына әйләнде. Рәми Ғариповтың «Һабантурғай йырҙары», «Осоу» исемле китаптарына ингән, шунан һуң яҙылған шиғырҙары ошо сифаттарҙы нығытыуға, башҡорт лирикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. * * * 1968 йылдың 14 июнендә Рәми көндәлегенә «үҙемә ҡалһа – лириканы бар иттем тигән булам – һис бер ялғанһыҙ» тип яҙған. Был көнгә беҙ тағы ла әйләнеп ҡайтырбыҙ, әле шағирҙың әйткәненә нығыраҡ иғтибар итәйек: «лириканы бар иттем». Баҫалҡы ғына «тигән булам» һүҙҙәрен өҫтәһә лә, шунда уҡ «һис бер ялғанһыҙ» тип ҡырт киҫеп ҡуя. Бик яуаплы, хатта хәтәр фекер бит был! Көндәлектә генә һаҡланған, әгәр яҙылған көнөндә үк уҡый алһалар, тағы ла «сама бел!» тиеүселәр табылыр ине. Улар үҙҙәренсә хаҡлы түгелме һуң? Нимә, Ғариповҡа тиклем башҡорт лирикаһы булмағанмы ни? Уны ошо шағир ғына бар иткәнме ни? Уның ҡарашынса, башҡорт лирикаһы булмаған тигән һүҙ. Барҙы яңынан бар итмәйҙәр бит. Башҡорт әҙәбиәтенең ошо йылдарҙағы дәррәү үҫеш дәүерендә Мостай Кәрим икеләнмәйенсә әйтә алыр ине: «Мин лириканы бар иттем». Был һүҙҙәрҙе әйтергә Назар Нәжми ҙә, һис шикһеҙ, хаҡлы ине. Ләкин уларға хәтлем Бабичтың, Хәйҙең, Мәлих Харистың, башҡаларҙың лирик шиғырҙары яҙылмағанмы ни? Башҡорт лирикаһын Рәми Ғарипов бер яңғыҙы бар итмәгән, әлбиттә. Ләкин илленсе йылдар аҙағы – алтмышынсы йылдар башына тиклем шиғриәттең был тармағы беҙҙә бик ауыр яҙмышҡа дусар булды. Бабич традицияларына яңы байлыҡтар өҫтәрлек яңы лириктарҙың үҫешен илдәге ижтимағи-сәйәси мөхит, тар ҡанундар ныҡ сикләне. Мостай Кәримдең фронт шиғырҙары, һуғыштан һуңғы әҫәрҙәре, Назар Нәжмиҙең «Тамсылар», «Тулҡындар» исемле тәүге китаптары шул йылдарҙағы дөйөм фондан, риторика ағымынан ныҡ айырылып торҙолар. Башҡорт лирикаһының Бабичтан һуң саҡ-саҡ өҙөлмәй ялғанып килгән тере бәйләнеше Мостай Кәрим, Назар Нәжми шиғырҙарында эҙмә-эҙлекле үҫеп килгән үҙенсәлекле тармаҡҡа әйләнде. Алтмышынсы йылдар башында Рәми Ғарипов әҫәрҙәре был ағымды бик ныҡ тулыландырҙы. Быға тиклем айырым балҡыштарҙан, сағыу эпизодтарҙан торған башҡорт лирикаһын Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов шиғриәте бай төҫтәрҙән, төрлө моңдарҙан туҡылған ҡатмарлы система итеп үҫтерҙе. Лирикаһыҙ шиғриәт барыбер тулы була алмай. Байтаҡ ваҡыттар башҡорт поэзияһының бер мөйөшө китек булды тиеү генә етмәй, шаҡтай урыны буш ҡала килде. Алтмышынсы йылдарҙа был бушлыҡ, ниһайәт, тулыланды тип күп әҫәрҙәргә нигеҙләнеп, ауыҙ тултырып әйтер ваҡыт килде. Был ваҡытты күп йәһәттән Мостай Кәримдең, Назар Нәжмиҙең, Рәми Ғариповтың шиғырҙары килтерҙе. Был һығымта башҡорт шиғриәтендә алтмышынсы йылдарҙа лириканың тулы гражданлыҡ хоҡуғы яулап алыуы ошо өс шағирҙың ғына хеҙмәте тигәнде аңлатмай. Һүҙ триумвираттың триумфы тураһында бармай. Был осорҙа, бая әйткәнсә, йәшәреү кисергән оло быуын шағирҙары ла, Хәким Ғиләжев, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол да, тәүге китаптарын сығарып, әҙәбиәттең төп көстәренә әйләнгән Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаев, Абдулхаҡ Игебаев та һәйбәт лирик шиғырҙар яҙҙылар. Башҡорт философик лирикаһының үҫешендә Рәшит Назаровтың хатта «боҙҙо боҙға һуғып, ут сығарыуға» һәләтле шиғырҙары тарихи һикереш яһаны. Бынан һуң әҙәбиәткә тулҡын-тулҡын булып килгән талантлы йәштәрҙең лириканың артабан үҫешенә индергән өлөштәре баһалап бөтөргөһөҙ ҙур. Шулай ҙа башҡорт лирикаһының ныҡлы нигеҙле, бай йөкмәткеле, тәрән фекерле төҙөк система булып етешеүендә, камиллашып үҫеп китеүендә Мостай Кәримдең, Назар Нәжмиҙең, Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре хәл иткес мөһим этапты башлап ебәрҙе. Рәми Ғарипов «Һабантурғай йырҙары», «Осоу» китаптарына ингән, шуларҙан һуң донъя күргән шиғырҙары менән үҙен нескә тойғоло, фәйләсүф-лирик итеп раҫланы. Уйсанлыҡ, ихласлыҡ уның лирикаһының төп сифаттарынан. Юҡҡамы ни шиғри ижады йөрәк серҙәре менән йәшермәйсә бүлешкән көндәлекте хәтерләтә. Тик был көндәлектәге ихласлыҡ интим донъяның барлыҡ ығы-зығыһын түкмәй-сәсмәй һөйләүгә әйләнмәй. Шағир үҙ яҙмышындағы иң ауыр саҡтарҙы ла башҡаларҙан йәшермәй: Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин, Ниңә яңғыҙ тулған ай һымаҡ?.. Hyp-наҙымды кемгә ҡояйым һуң, Наҙға бит мин яҙҙай бай һымаҡ... Ҡайһы саҡта уның өсөн донъяның бер генә йәме лә ҡалмаған: Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә, Тере хистәр күптән күмелгән. Бер ниндәй көн, бер ниндәй төн хатта Серле уйҙар һалмай күңелгә... Бындай ауыр уй-кисерештәрҙе башҡа шағирҙар ҙа үҙ башынан үткәргәндер, ләкин был хаҡта асыҡтан-асыҡ һүҙ әйтергә һирәктәр ҡыйыусылыҡ итә ине. Ялған оптимизмдың шойҡаны шиғриәттә бөтөп етмәгәйне. Күңел болоҡһоуҙары өсөн шағирҙарҙы төшөнкөлөктә, пессимизмда ғәйепләүселәр табылырға ғына тора ине. Ләкин тормоштоң ошондай мәлдәре – үҙенсә рухты сафландыра, юғары күтәрә торған тетрәнеү мәлдәре. Рәми Ғарипов быны яҡшы аңланы. Ул донъяны бөтә тулылығында – бәхетле лә, хәсрәтле лә, ҡояшлы ла, ҡарлы-ямғырлы ла, алсаҡ та, мыжыҡ та, елкендергес тә, йөҙәткес тә саҡтарында аңларға теләне, һәр мәлен яҡын күрҙе. «Кәкүк»тә ошо ларҙың барыһы бергә төйнәлгән: Кәкүк, кәкүк! Үпкәләмәм, Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе. Бар ҡайғыһын, бар шатлығын Татып китәм был ерҙең!.. Шағир «Кәкүк»те йыр тип атаған, ул аҙаҡ Роза Сәхәүетдинова музыкаһы менән, ысынлап та, халыҡтың яратҡан йырына әйләнеп китте. Жанры шулай аталһа ла, был кескәй әҫәрҙә күпме фәлсәфә, Ғарипов лирикаһына хас донъяны нескә тойоу, Пушкин әйтмешләй, «яҡты һағыш». Уның иң үҙенсәлекле тағы ла бер яғы – әҫәрҙәренең ябайлығы, шағирҙың донъялағы иң ябай нәмәләрҙең, иң ғәҙәти хәлдәрҙең дә матурлығын күрә, шиғрилеген таба белеүе. Элегерәк һирәк-һаяҡ күренеп ҡалған, пейзаж лирикаһы тип йөрөтөлгән айырым үрнәктәрҙән айырмалы рәүештә, Рәми Ғарипов шиғырҙарында тәбиғәт – үҙәк образдарҙың береһе, шағирҙың фекерҙәше, серҙәше. Миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Берәм-берәм туҡталғансы, ошо шиғырҙы тулыһынса алыу Ғарипов лирикаһында тәбиғәттең урынын тиҙерәк күҙ алдына баҫтырыр: Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер, Ҡысҡырыша ярһып тартайҙар. Эшен ҡушып улар бер-беренә, Тарт, тиҙәр ҙә тарта алмайҙар... Усаҡ яна ярҙа. Ҡайнай ҡаҙан, Еҫен бөркә балыҡ һурпаһы. Аҫып ҡуйған алтын табаҡ һымаҡ, Ай яҡтырта табын уртаһын... Борон-борон замандарға сумып, Әкиәт тыңлай бергә тирәктәр. Тик, тынлыҡты боҙоп, баш осонан Һыҙғырышып үтә өйрәктәр. Үтер, бәлки, шулай замандар ҙа, Әкиәттәр ҙә бөтөр иҫкереп. Ә мин һаман ултырырмын кеүек Туған телем менән иҫереп... Байтаҡ осрашыуҙарҙа шағирҙың ошо шиғырҙы талғын ғына уҡығаны, уның һуңғы юлдарын «Ә мин һаман ултырырмын һымаҡ тартай теленән дә иҫереп» тип бөтөрөп ҡуйғаны хәтерҙә. Ошолай тамамланышында шиғыр көслөрәк тә һымаҡ. Ләкин был юлдарҙы мин Рәми Ғариповтың китаптарында таба алманым. «Тылсым теле менән иҫереп», «Тыуған яғым менән иҫереп» тигән варианттар бар, ә «тартай теленән дә иҫереп» тигәне юҡ. Рәми Ғарипов ер-һыуҙарҙың телен белгән, тереклектең фәлсәфәһен аңлаған, тәбиғәт йәнле кеше ине. Йүрүҙән буйҙарында уҙғарған өс йыл уны тыуған тупраҡҡа тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Тәбиғәт күренештәре уның шиғырҙарында айырым эпизод ҡына булмайынса, йәшәйеш тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарҙы тыуҙырҙы, образлы фекерләүҙең үҙенсәлекле структураһын тәшкил итте. Тормоштоң тәбиғәт менән бәйләнештәге илаһи мәлдәрен шағир нисек тә оҙағыраҡҡа һуҙырға, тирә-яғындағы һәр нәмәлә тик матурлыҡты күрергә теләй, донъяны үҙенсә поэтиклаштыра: Ҡайҙа зәңгәр сәскә? Юҡ шул әле!.. Мә, алып тор һин тал бөрөһөн. Тик бынан һуң тал да был донъяла Зәңгәр сәскә булып йөрөһөн! Шағир донъяны поэтиклаштыра, ләкин идеаллаштырмай. Ҡайғыларҙан ул бөгөлөп төшмәй, матурлыҡ алдында ла һис ҡасан битараф ҡалмай. Ҡатмарлы йылдарҙа йәшәгән, ижад иткән Рәми үҙе лә ҡатмарлы шәхес ине. Хыянаттарҙы, ғәҙелһеҙлектәрҙе ул бик ауыр кисерҙе, һәр саҡ тураһын ярып әйтеүсене һәр кем ҡолас йәйеп ҡаршы алырға йыйынмай ине. Шуға шағир юлында ҡаршылыҡтар күп булды. Ләкин туған тәбиғәт һәр саҡ шағирға тоғро булып ҡалды, ошонда ул иң яҡын серҙәшен тапты. Тәбиғәт менән бер туған булып, унан көс алып йәшәү – Ғарипов лирикаһын бынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Был шәхестең барлыҡ яҙмышы ер-һыу яҙмышынан айырылғыһыҙ. Бер мәл шағир уй-хистәрен уртаҡлашыр кеше тапмағандай: «Ергә ятып бер илайһы ине, бер илайһы ине туйғансы», тигәйне. Иң ауыр саҡтарында ул тыуған ергә һыйынды, шунда көс-таяныс тапты. Шуға ла ул: «Ниңә генә хәҙер ҡағылайым, ниңә генә хәҙер күҙ төшә – бөтә нәмә серен сисә миңә, бөтә нәмә йырлай, һөйләшә», – тип әйтергә хаҡлы ине. Шуға ла ул: «Һәр ағастың үҙәгендә үҙем һынсыл ҡарттай йәйрәп ултырам» тип, үҙен ерҙең эйәһе – хужаһы итеп тойоп йәшәне, был яҡты донъянан киткәс тә, «Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың тамырҙарын тотоп ятырмын», – тине. Эйе, тәбиғәт тураһындағы шиғырҙарҙы пейзаж лирикаһы тип нарыҡлау традицияһы ла булды. Ғәҙәттә кеше күңеленән бик алыҫ торған этюдтар шулай аталып йөрөтөлдө. Рәми Ғарипов шиғырҙары бындай этюдтарҙан ҡырҡа айырыла: уларҙа ер-һыу яҙмышы менән шәхес яҙмышы бер бөтөн. Шағир тал менән тал, кескәй ҡошсоҡ менән ҡошсоҡ булды, бәхетленең бәхетенән кинәнде, ҡайғылының ҡайғыһына көйөндө. Ул кеше күҙендәге, сәскә ҡарашындағы ихласлыҡҡа, матурлыҡҡа табынып йәшәне. Тағы ла шуныһы мөһим: тәбиғәт аша ул халыҡ яҙмышын кәүҙәләндерә алды. Мәҫәлән, атаҡлы рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллинға арналған «Урал урманы» исемле шиғыр баштан аҙағына тиклем шул рух менән һуғарылған. Урал урманының һәр тарафы әллә күпме тарих һөйләй, тәбиғәтте байҡау ил шәжәрәһен байҡауға әйләнә, сөнки «Барыһы бар Тормош ағасында: быуындарҙы быуын тыуҙырған», «Һәр быуынға ҡояш нурын биреп, бик аҡыллы үлгән ботаҡтар». «Бер кемгә юҡ зыяным, мин тик умырзаямын», – тигәйне Рәми. Уның лирикаһында умырзаяның елдә сай-ҡалыуы, һабантурғай йыры, көнгә талпыныусы йәш үләндең ҡыу япраҡты ҡыштырлатыуы, һандуғас таңы, Урал урманының серҙәре – барыһы ла кеше ғүмеренең тере өлөшөнә әйләнә, халыҡ яҙмышына барып тоташа. Башҡорт поэзияһында философик лириканың үҫешенә Ғарипов шиғырҙарының йоғонтоһо көслө булды. Был хаҡта бик күп миҫалдарға таянып, ентекле тикшеренеү үткәрергә мөмкин булыр ине. Рәми шәхесенең ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәре бигерәк тә уның мөхәббәт лирикаһында сағыу кәүҙәләнде. «Һөйөү бит ул оло ҡаһарманлыҡ, ҡаһарманлыҡ теймәй һәр кемгә», – тип яҙҙы шағир. «Һин минеке булып тыумаһаң да, һин минеке иттең донъяны», – тине ул икенсе бер шиғырында. Һөйөүҙең иң һағышлы, хатта ғазаплы саҡтарын да ул яҙмыш бүләк иткән бәхет итеп ҡәҙерләргә тырышты. Мөхәббәттең бөйөклөгөн, күңелдәрҙе арбаусан моңон, күҙҙең яуын алыр төҫтәрен башҡорт лирикаһында Рәми Ғарипов һымаҡ аса алған шағирҙар бик һирәк. Шағирҙы һәр һылыу һиҫкәндерә, йөрәгенә ут һалып үтә. «Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар, ят та үл инде!» кеүек уҡыу йәки ишетеү менән күңелгә уйылып ҡалған юлдар нәҡ шундай тетрәнеү саҡтарында тыуа. Ҡасандыр һин бер фәрештә инең, Мин дә һиңә аллаң булғанда. Бөтәһе лә ал да зәңгәр ине, Зәңгәр ине бөтә хыялдар... Ергә төштөк. Һин, ҡоралай булып, Йөрөгәндә бейек тауҙарҙа Беҙ күрештек. Һәм мин бүре хәҙер – Аҡыл менән йөрәк яуҙарҙа. Түбәнерәк төштөк. Беҙ күрештек – Аждаһаға инде әйләнһәм, Һин әйләндең урам буйындағы Һағыҙ сәйнәп ятҡан кәзәгә. Тура һүҙле, үткер телле шағир бындай ваҡытта дөрөҫөн һөйгәненең күҙенә ҡарап әйтте, ҡыйралғанды һылап-һыйпап ҡоршарға йыйынманы. Ҡайһы саҡта ул артыҡ киҫкен дә булғандыр, артыҡ ауыр һүҙҙәр ҙә әйткәндер. Бер шиғырында Рәми Ғарипов «Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа, хыянатым ләкин тоғро» тиһә лә, мөхәббәттә кескәй генә ялған да уның күңелен ғүмерлеккә рәнйетте, һөйөүгә хыянатты ул бер ҡасан да ғәфү итә алманы. Ул үҙенә-үҙе ҡаршы барманы, уның өсөн мөхәббәт ғүмерлеккә изге булып ҡалды, мөхәббәтһеҙ донъяның ул бер ниндәй мәғәнәһен тапманы: Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош Шундай мәғәнәһеҙ бер нәмә: Хыялдарҙан айнып, күҙем асһам, Ҡайтҡан һымаҡ булам төрмәмә. Өмөттө, мөхәббәтте юғалтыу шундай образдар тыуҙырҙы. Рәми Ғарипов ғүмере буйы кешеләргә ынтылып, аралашыуға, бәйләнешкә сарсап йәшәне. Шиғырҙарында йыш ҡына хат хаҡында һөйләүе лә бына шунан килә: Ҡош телендәй генә хат көткәйнем, Тик килмәне хатың, ҡәҙерлем. Юҡ, үпкә лә һиңә һаҡламайым, Күңелем дә түгел йәберле. Шағирҙың мөхәббәт лирикаһы уның йөрәк аһтарын, йөрәк анттарын үҙҙәренә туплаған, иң ҡәҙерле серҙәрен теркәп ҡалған һымаҡ. Рәми Ғариповтың Йүрүҙән буйҙарындағы өс йылға һуҙылған ныҡышмалы ижад хеҙмәттәренең төп өлөшө, төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡҡа барып етте, әҙәбиәттә дәүерҙе билдәләүсе күренештәрҙән булған «Һабантурғай йырҙары», «Осоу» китаптарының тос йөкмәткеһен тәшкил итте. Тыуған яҡтарҙа башланған илһамлы ритм Өфөлә лә туҡтаманы. 1963-1964 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарҙың ҡайһы берҙәре генә был китаптарҙа урын алды. Тәбиғәттәге һымаҡ ижадта ла йылдар төрлөсә килә. Мәҫәлән, 1965 йыл Рәми өсөн бик һүлпән үтте. Уның ҡарауы 1966 йыл иң ырамлы эшләгән саҡ булды. Бынан һуңғылары ла бәрәкәтле килде. Быға тиклем бары тик шиғыр жанрында ижад иткән Рәми Ғарипов 1964 йылда үҙенең тәүге поэмаһын яҙҙы. Шағир уны башта «1937» тип атағайны, аҙаҡ «Табыныу» (1937) тип үҙгәртте. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, мәсьәләләрҙең ҡуйылышы исемде ошолай тулыландырыуҙы талап итә ине. 1937 йылдың ил өҫтөнән ҡара ҡойон булып үткәне, шул ғәрәсәттә барлыҡ милләттәрҙең, шулар араһында башҡорт халҡының да, күпме аҫыл шәхестәре – дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылары һәләк булғаны, халыҡтың зиһенен тәшкил иткән интеллигенцияһының ҡырып бөтөрөлөүе фашланғас, быға тиклем еңеүҙәрҙән еңеүҙәргә барған юл булып күҙ алдына баҫҡан ил тарихы бөтөнләй башҡа яҡтары менән асылды, майҙандарҙа даһи Сталиндың таш һындары селпәрәмә килде. 1937 йылдарҙағы ғәҙелһеҙлектәр тураһында айырым шиғырҙар, мәҡәләләр, хатта күләмле проза әҫәрҙәре үҙәк матбуғатта донъяға сыҡты. Александр Твардовскийҙың «Алыҫтарҙан алыҫтарға» поэмаһында шул йылдарҙың һыуыҡ ҡара шәүләһе күренеп ҡалды. Әммә башҡорт әҙәбиәтендә илленсе йылдар аҙағында ла, унан һуң да был хаҡта телгә алырлыҡ әҫәр күренмәне. Ошо фажиғәле дәүер, уның киләсәккә һабаҡтары хаҡында һүҙ әйтеү өсөн башҡорт шиғриәтендә беренсе булып Рәми Ғарипов ҡыйыу аҙым яһаны. Тарих хаҡында хаҡ һүҙ әйтеү тураһында шағир Малаяҙҙа район газетаһында эшләй башлаған сағында ныҡ уйланған. 1961 йылдың көндәлек яҙмалары 10 ноябрҙә бына нисек ослана: «Нығытып уйлап ҡараһаң, беҙҙең көндәр бик ауыр заманға тура килде. Бер ҡараһаң – героика, бер ҡараһаң – трагедия (история и истерия!). Бир ҡулыңды миңә, тарих!.. Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир, Тарих дөрөҫлөгөн йырыңда. Сөнки ул тарихты халҡың ҡорған, Хыялланып хаҡлыҡ турында! Ҡан-йәш түгеп алған азатлыҡты Алыштырма ғәйбәт иркенә. Барыбер һин матур булалмаҫһың, Ҡарамаһаң халҡың күркенә. Бер генә юл ысын дөрөҫлөккә, Ул да булһа – яҡын киләсәк. Йөрөтһәң һин йөрәгеңдә уны, Тик шул ғына емеш бирәсәк. Тик шул ғына йөрәк йырҙарыңдың Һаҡлап ҡалыр ысын ғүмерен. Табынма һин төрлө атайҙарға, Булған саҡта әсәң – үҙ ерең!..» Был юлдарҙа «Табыныу» поэмаһында үҫтереләсәк уйҙарҙың башланғыстары күренә. Шағир өсөн иң мөһиме – тарихты дөрөҫ аңлау, унан тейешле һабаҡтар алыу. Төрлө милли әҙәбиәттәрҙә шәхес культы, сәйәси террор, тоталитар режим темаларына арналған әҫәрҙәрҙә ғәҙәттә фашлау, тәнҡитләү, хатта ҡәһәрләү рухы өҫтөнлөк итә. «Табыныу»ҙа иһә шағир башҡасараҡ юл менән бара. Поэманың тәүге битендә үк ошондай һорауҙар ҡуйыла: Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл! Әйт дөрөҫөн, заман үтенә: Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете һуйыл Мираҫ инеме Ун Етенән? Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана? Бер осоңдан һинең балың тамһа, Бер осоңдан ниңә ҡан тама?.. Шағир был һуйыштың сәбәптәрен аңларға, фажиғәнең тамырҙарын барларға тырыша. Әҙәбиәттең бурысы — яуаптар биреүҙән бигерәк һорауҙар ҡуйыу, тормоштағы төрлө хәлдәр тураһында кешеләрҙе уйландырыу. Ниңә илдә тантана менән фажиғә килеп бәрелеште, оло еңеүҙәр хаҡынамы ошондай ҡорбандар килтерелде? Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Ҡотоптарға осоп етелә; Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә, Баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә Аҫыл ирҙәр алып кителә... Ниңә ошо уҡ заманда «Тымыҡ Дон»дар ижад ителә лә, ошо уҡ заманда «Тәрән тамырҙар» юҡ ителә? Шағир тормоштоң тик ҡара яҡтары хаҡында ғына һөйләмәй, уны донъяны хайран иткән ҡаҙаныштарға ирешкән илдә ошондай ҡанлы ваҡиғаларҙың мөмкин булыуы тетрәндерә. Был ваҡиғалар уның бала саҡ донъяһын да талап-емереп үтә. Шуға ла шағирҙың үҙ яҙмышынан тыуған был һорауҙа күпме һыҙланыу: Бала сағым – ҡолон сағым минең, Был афәткә ниңә юлыҡтың? «Халыҡ дошманы» тип ил улдарын – Иң ҡаһарман халҡым батырҙарын – Тарихтан мин ниңә йолоҡтом! Сабый күңелемде, йәйғор һымаҡ, Биҙәп торған тәүге йондоҙҙар – Илтеүселәр еңеү байраҡтарын – Ниңә минең кескәй бармаҡтарым, Күҙегеҙҙе соҡоп, юйҙылар? Кескәй йөрәгемә шик-шом һалып, Ниңә аҡты ҡара тинеләр? Тәү ятлаған шағир дуҫҡайҙарым – Хөр халҡымдың тәүге Туҡайҙары – Улармы һуң дошман инеләр? Сабыйҙың ҡулынан Бабичтарҙың, Юлтыйҙарҙың, Һәҙиәләрҙең китаптарын тартып алалар, уларҙы урта быуат инквизиторҙарының уттарындағы һымаҡ яндыралар. Был бер сабыйҙың ҡайғыһы ғына түгел, тотош милләттең рухи трагедияһы, уның тарихи үҫешендәге йәнле бәйләнештәрҙе ҡайырып өҙөү, мәкерле рәүештә кешеләрҙең, бигерәк тә яңы быуындарҙың, аңын томалау, уларҙы маңҡортҡа әйләндереү. Ә ниңә килеп тыуҙы был хәлдәр, «Ниңә шул саҡ, бер әүлиә булып, дөрөҫлөктө илем белмәне?» Ниңә? Ни сәбәптән? Поэманың тәүге яртыһында шағир үҙ-үҙенә, уҡыусыларға, тарихҡа бер-бер артлы ошондай һорауҙар ҡуя. Ә уларға яуап табыуы еңел түгел. һәр береһе ҙур булмаған ете өлөштән торған поэманың бишенсе бүлегенең тәүге юлдары түбәндәгесә: Шулай ине, тиҙәр, заманы... Ә ҡайҙа һуң кеше иманы? Ә бит күптәр, һатып иманын, Ҡалҡан итте шул саҡ заманын. Поэмала ҡуйылған күп һорауҙарға яуап бирелмәһә лә, был строфала утыҙ етенсе йылғы ваҡиғаларҙың сәбәптәрен аңлау өсөн бик мөһим фекер әйтелгән. Шәхестең үҙаллылығын бөтөрөргә, уны һәр бойороҡто тыңлаусан башҡарыусыға, илде шик-шом донъяһына әйләндерергә тырышыу, кешеләрҙе бер-береһенә яла яғырға һөсләтеү, заманды ҡалҡан итеп, иманды һатыу – ҡурҡыу һәм яза хөкөм һөргән утыҙ етенсе йылдың башкиҫәрҙәре бына шундай алымдар менән эш иткән. Күптәр ун етелә өкөләй яҡтылыҡтан ҡасһа, утыҙ етелә башҡаларҙы һатып, төлкөләй эҙен юйырға тотонған, етмәһә, был яуыз эштәрен заманға һылтанып эшләгән. Шағир ҡон юлламай, ләкин балта һабы булғандарҙы («Балтаһынан бигерәк урманды кем һуң белмәй һабы ҡырғанды?») ошондай әсе һүҙҙәр менән тамғалау үҙе үк ғүмерлек ҡаты хөкөм бит. «Ете йәшәр, ләкин күреп торһон!» – был иҫкәртеү менән ил хәтере, тарихи ваҡиғаларҙың һабағы мәсьәләһе алға ҡуйыла. Поэманың икенсе өлөшөндә уй-тойғолар шул проблема тирәһенә туплана. Әҫәрҙең исеменең аҙаҡ тулыландырылыуы ла шуға бәйләнгән. Сөнки 1937 йыл ил тормошондағы ҡанлы ваҡиғалар булып мәңгелеккә тарих битенә күсһә, йәғни, ваҡытлы бер күренеш булһа, һуҡыр табыныу илдәр һәм халыҡтар яҙмышында әллә күпме тапҡырҙар ҡабатлана ала торған яман ауырыу: Эй табыныу, һуҡыр табыныу һин, Ни әшәке һинең ишенән? Һәр әҙәмдә зиһен йоҡламаһа, Ни көслө һуң ерҙә кешенән? Тәүге бүлектәге һорауҙарға иҫкәртеүҙәр, кешеләрҙе тарих һабаҡтарын онотмаҫҡа саҡырыуҙар тәбиғи килеп ҡушыла: Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте Ил күтәрҙе, төшкәс башына. Килер быуындарға ғибрәт итеп, Яҙ һин уны Тарих ташына. Был вәхшәтте Тарих онотмаһын, Онотмаһын тыуыр быуындар. Ерҙә тағы берәй алла тыуһа, Ул алланы ерҙән ҡыуһындар! Һуҡыр табыныуҙың, бәндәнән Алла яһауҙың киләсәктәге ҡурҡынысы тураһында алтмышынсы йылдар башында уҡ Рәми Ғариповтың иҫкәртеүе бик ваҡытлы ине: етмешенсе йылдарҙа ялған, ялағайлыҡ, күбек һүҙҙәр илдә яңы «Пәйғәмбәрҙе» тыуҙырҙы, көсләп-көсләп уны бөйөк итергә, пьедесталға мендерергә тырышыу, уны уратып алғандарҙың әлеге шул һуҡыр табыныуы зиһендәрҙе ойота башланы, һәр ижади ынтылышты быуып, илдең бәкәленә һуҡты. «Табынһын тик кеше кешегә» – шағирҙың был изге теләктәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң кәрәк сағында уҡыусыларға барып етә алманы. Рауил Ғариповтың иҫтәлектәренән: «Атай. Ауылдаштарым хәтерләүенсә, ул яғымлы, аҙ һүҙле, эшсән кеше булған. Иң яратмаған сифаттары – алдашыу, ялҡаулыҡ, эшһеҙлек. Ауылдың уҫал холоҡло апайҙары ла уның алдында һүҙһеҙ ҡала торған булған. Беҙ үҫкәндә: «Был – Йәғәфәр малайҙары!» – тип, беҙҙе белмәгән кешеләргә таныштырһалар, ул кешенең ҡараштары яғымланып китеп, беҙҙе һөйөп ҡарауҙары иҫтә ҡалған. Атайыбыҙ партия ағзаһы ине. Уның китаптары араһында «Бәләкәй Совет энциклопедияһы» һәм «ВКП(б) тарихы» китаптары бар ине. Уларҙың ҡайһы бер биттәре йыртылып алынған, ҡайһы бер урындарҙағы рәсемдәрҙең күҙҙәре соҡолоп, буялып бөткән. Был турала Рәми үҙенең «Табыныу» поэмаһында бик әсенеп яҙа. Поэманы беренсе булып тыңлаусылар исемлегенә мин дә яҙыла аламдыр. 1964 йылдың бер көнөндә беҙҙә бик матур итеп ял иткәндә ағай ҡоҙағыйының йырлауын үтенде. Килененең магнитофоны ла әҙер булған. Шул кисте Туҡайҙың «Туған тел»е, Рәмиҙең дә «Туған тел»е яңғыраны. «Әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған, бәлки баҫылмаҫ та», – тип, беҙгә «Табыныу»ын уҡыны. Бына шулай беҙҙә ағайҙың тауышы һаҡланып ҡалған. Радио тыңлаусылар яҙыуҙың етешһеҙлектәре өсөн ғәфү итһендәр инде, шау-шыуы бар. Тик Фәриҙәнең тырышлығы. Радиокомитетҡа яҙылһа, яҡшыраҡ булыр ине лә бит... Тик, үкенескә ҡаршы, ағайҙың «дуҫтары» булған яҙмаларын юҡҡа сығара барғандар икән. Ваҡытында бит Рәмиҙең тауышы радио тулҡындары аша ишетелеп торғолай ине. Зәңгәр экрандарҙа ла күренгеләштерҙе. Тик улар һаҡланмаған». Рәми Ғариповтың тауышын яҙып алғандары өсөн шағирҙың Рауил ҡустыһы менән Фәриҙә килененә мең-мең рәхмәттәр. Икеһе лә мәрхүмдәр инде, йәндәре йәннәттә булһын. Уларҙың иғтибарлы булыуҙары арҡаһында ғына ниндәй ҡәҙерле ҡомартҡы һаҡланып ҡалған бит. Был яҙманы Башҡортостан радиоһы ҡат-ҡат ишеттерҙе. «Табыныу» поэмаһын Рәми Ғарипов уҡыуында беренсе тапҡыр эфирға әҙерләргә, инеш һүҙ әйтергә миңә насип булды. Тағы ла шуны иҫкә төшөрөү кәрәкле булыр. Киҫәтеү-тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, Рәми Ғарипов «Табыныу»ҙы шиғыр кисәләрендә уҡый торғайны. Матбуғатта был әҫәргә юл бикле булһа ла, әҙәби йәмәғәтселек һәм байтаҡ уҡыусылар уның менән билдәле дәрәжәлә таныш ине, поэма хаҡындағы хәбәр халыҡ араһында ныҡ ҡына таралғайны. «Табыныу»ҙы ул яҙылып бөткәс тә беренсе тыңлаусыларҙан һәм уҡыусыларҙан булырға миңә лә яҙғайны. Әҫәр яҙылғандан һуң егерме өс йыл үткәс кенә – 1987 йылда минең баш һүҙ менән «Ағиҙел» журналында, уға тиклем «Ленинец» газетаһында баҫылып сыҡты. Уның яҙмышы Александр Твардовскийҙың алтмышынсы йылдарҙа яҙылып та, тик һикһәненсе йылдарҙың икенсе яртыһында ғына донъя күргән «По праву памяти» исемле поэмаһының яҙмышына оҡшаш булды. Күпме эҙләнеүҙәрҙән һуң халҡына әйтер һүҙеңде табып та, шул иң кәрәкле уй-теләктәреңде замандаштарыңа еткерә алмау – шағир өсөн ошонан да ауыр хәлдең булыуы мөмкин түгел. Үҙ яҙмышында Рәми Ғариповҡа быларҙы күп тапҡырҙар татырға тура килде, тик ул бер ваҡытта ла үҙ-үҙенә, һайлаған юлына хыянат итмәне. «Юҡ – теҙләнмәм ялған алдында мин», – тигәйне утыҙ йәшлек Рәми. Бындай һүҙҙәренә бик көслө шәхестәр генә тоғро булып ҡала ала. Һуңғы һулышына тиклем ул ошо принциптарына хыянат итмәне. Ярым дөрөҫлөктөң ялғандан да яман икәнлеген ул яҡшы белә ине. Егерменсе съездан һуң хәҡиҡәт еңгән һымаҡ булһа ла, халыҡҡа еткерелгән дөрөҫлөк күп яҡтан сикләнгән, бизмәндәр кәрәкле дозаларҙа үлсәнгән ине. Тарихи үҫеште, ил тормошондағы негатив күренештәрҙе объектив асҡан әҫәр яҙылыу менән тиҙ арала уның алдында яһалма ҡаршылыҡтар хасил була ине. Ошо ярым дөрөҫлөккә ҡулайлашып ижад итеүсе шағирҙар ҙа булманы түгел. Улар, бәлки, күпселекте тәшкил иткәндер. Рәми Ғарипов яраҡлашыусылар сафынан ситтә торҙо, шәхес булараҡ ваҡланманы. «Һүҙем бар!» тигән принцибына тоғро ҡалды, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтте. Аманат менән яманат Тыуған яҡтарындағы өс йылдан һуң Рәми Ғарипов биш йылға яҡын «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләне. Шағирҙың уңғанлығы, башлаған эште еренә еткермәйенсә туҡтай белмәүе, йыш ҡына хеҙмәт көнөн редакцияла төнгә тиклем һуҙып, ҡағыҙҙарға сумып ултырыуы хаҡында замандаштары йыш иҫкә ала. Ләкин һәр кешенең эшкә мөнәсәбәте үҙенсә күренә. Көнө буйына йүнле бер юл яҙмайынса, эшкингән материал әҙерләмәйенсә, ҡағыҙ ҡыштырлатып ултырып йәки телефондан туҡтауһыҙ ғәйбәт һатып та булдыҡлы ҡиәфәтендә йөрөүселәр бар. Уларҙың аҙна буйы эшләй алмағанын башҡа берәү ярты көндә эшләп ташларға, әллә ни арала бынамын тигән әйберҙәр әҙерләп бирергә мөмкин. Рәмиҙең дөйөм ҡанундарға тап килеп бөтмәгән үҙенсә эш алымдары бар ине. Ул ҡабаланырға яратманы, башлағанын яйлап, әммә сифатлы итеп башҡарҙы. Ни хаҡында һөйләһә йәки яҙһа ла, ул төплө фекер йөрөттө, һығымталары нигеҙле булды. Ул күберәк төндәрен яҙышырға ғәҙәтләнгәйне. Шуға эшкә һуңлап килгән, ҡайһы саҡта иртәрәк киткән өсөн шағирға шелтә һүҙҙәрен дә ишетергә тура килә ине. Хеҙмәт дисциплинаһы ҡағиҙәләренең һәр хәрефен теүәл үтәүсе етәксегә былар етә ҡалды. 1967 йылдың март аҙағында Рәми Ғариповтың «Совет Башҡортостаны» редколлегияһында тәртибен тикшереү ойошторолдо. Үҙҙәренән күпкә белемлерәк, фекерлерәк булған, әйткән һүҙен төплө аҡылы менән һәр саҡ яҡлай ала торған шағир газета редакторының да, ҡайһы бер редколлегия ағзаларының да күптән инде асыуын ҡабартты. Улар шым ғына тура атлап йөрөгән «дөрөҫ» нормаларға Рәми һыймай ине. Рәшит Солтангәрәев былай тип хәтерләй: «Редактор шағирға алғы бүлмәлә ултырып торорға ҡушты, ә үҙе кабинетында кәңәшләшә. Бер аҙҙан Рәмиҙе саҡырып һорау алалар: ниңә теге көндө эшкә һуң килдең, ниңә был көндө алдан киттең? Яуабын алғас, сығып торорға ҡушалар ҙа тағы кәңәшләшәләр. Шунан йәнә саҡыртып индерәләр, ҡыҫҡаһы, үҙҙәренсә ғорур шағирҙы кәмһетә, бөгә инде. Өс тапҡыр саҡыртҡас, дүртенсегә Рәми үҙе керә. Керә лә кабинеттағыларға: «Комедианттар һеҙ! Комедияның өсөнсө шаршауы бөттө!» – тип, «аҡһаҡалдарҙың» үҙҙәрен әрләп сығып китә. Билдәле, эштән дә китә. Рәми Ғариповтың башҡорт журналистикаһына арналған хеҙмәт юлының ҙур бер өлөшө шулай тамамлана. Һәр хеҙмәткәренән эш тәртибен теүәл үтәүҙе ҡәтғи талап итеүе менән етәксе үҙенсә хаҡлы. Ләкин туҡтауһыҙ процесс булһа ла, газета сығарыу завод конвейеры түгел бит. Бында ижади фекерләү талап ителә, бында ижад кешеләре тупланырға тейеш. Уларҙы гел генә тар ҡалыптарға һыйҙырып булмай. Хәстәрлекле, аҡыллы етәксе үҙе үк уларҙы ҡурсаларға тырышыр ине һымаҡ. Ундайҙар һирәк, әммә бөтөнләй үк юҡ түгел. Ҡайһы бер мөхәррирҙәрҙең шағирҙарға күрһәткән мәрхәмәте арҡаһында донъяға бөйөк әҫәрҙәр тыуған. Мәҫәлән, 1924 йылда Сергей Есенин ауыр хәлдә булғанда «Бакинский рабочий» газетаһының мөхәррире Петр Чагин уны Бакуға саҡыра, ҡала янындағы матур тәбиғәт ҡосағында йәшәтә. Ошонда шағир илһамланып үҙенең атаҡлы «Фарсы моңдары» шәлкемен ижад итә. Заманы башҡа булған, алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы ҡаты хеҙмәт дисциплинаһына буйһонмай ҡара, тиерҙәр. Аҡланыу өсөн заманға һылтаныу еңел юл ул. Ләкин, Рәми Ғарипов әйтмешләй, «шулай ине, тиҙәр, заманы, ә ҡайҙа һуң кеше иманы?» Рәми Ғариповты редакцияларҙа һыйҙырмаған заманда ла шағирҙы ҡурсалап тороусы етәкселәр табылған бит. Рәмиҙең ҡәләмдәше Әнғәм Атнабаев ғүмере буйы тиерлек «Кызыл таң» газетаһында, унан һуң «Һәнәк» журналында эшләне. Ул да бик үҙенсәлекле шәхес ине, бойороҡтарға баш эймәне, үҙенсә йәшәне. Әнғәм ағайҙың, редакцияға сәғәт туғыҙҙа килеп, алтыға тиклем башын эйеп шым ғына эшләп ултырғанын һис кенә лә күҙ алдына килтереп булмай. Әммә ул талантлы шағир ғына түгел, талантлы журналист та ине, матбуғаттағы бер сығышы менән газетаға бер бүлектең бер айлыҡ эшенән күберәк файҙа килтерә торғайны. Газета һәм журнал етәкселәре Әнғәм Атнабаевты ҡәҙерләй белделәр, уға ижад кешеһенә хас ирекле эшләү мөмкинлектәре тыуҙырҙылар. Рәми Ғариповҡа редакциянан киткәс «ирекле шағир» булып оҙаҡ йөрөргә тура килмәй. Сөнки бер ҡайҙа ла эшләмәйенсә барлы-юҡлы гонорарға ғына йәшәү мөмкинлеге тарихта бик һирәк башҡорт әҙиптәренә генә насип булды. 1967 йылдың аҙағынан Рәми Ғариповтың яҙмышы яңынан матбуғат менән бәйләнде. Нәҡ ошо йылда күп тапҡырҙар юлланғандан һуң Мәскәүҙән көскә-көскә рөхсәт алып, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар журналы сығарыу мәсьәләһе хәл ителде. «Азат ҡатын» исемле бындай баҫма беҙҙең республикала егерменсе йылдарҙа донъя күргәйне, әммә ғүмере ҡыҫҡа булды. 1967 йылдың аҙағында ғына яңы журнал булдырыу эшенә ныҡлап тотондолар. Баш мөхәррир итеп Кәтибә Кинйәбулатова тәғәйенләнде. Яуаплы сәркәтип эшен Рәми Ғариповҡа йөкмәттеләр. Шағирә һәм шағир етәкселегендә сыға башлаған журнал баштан уҡ һәйбәт ижади йүнәлеш алды, башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше өсөн мөмкинлектәр өҫтәлде, яңы майҙан тыуҙы. Башҡорт телендәге матбуғат бик ныҡ артҡан хәҙерге заман уҡыусылары бының әһәмиәтен тулыһынса баһалап та бөтөрә алмайҙар. Ул осорҙа иһә тотош журналдың барлыҡҡа килеүе үҙенсә тарихи ваҡиға ине. Яңы баҫмаға «Башҡортостан ҡыҙы» тигән матур исем һайлауҙан алып, уға һәләтле хеҙмәткәрҙәр, даими авторҙар туплауға, һәр һанын йөкмәткеле, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн кәрәкле итеүгә, күберәк уҡыусыларын булдырыуға тиклемге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәргә Рәми ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәне, бик күп көсөн түкте. Эштән һуңға ҡалып, журналдың киләһе һанын мөкиббән китеп әҙерләп ултырғанына күптәр аптырай торғайны. Уның эш бүлмәһенән кеше өҙөлмәне, бигерәк тә йәш авторҙар йыш йөрөнө. Тиҙ арала был урын Өфөләге абруйлы ижади үҙәккә әүерелде. Башҡа редакцияларҙан бик ситтә – Октябрь проспектының алыҫтағы бер йортонда ярым подвал бүлмәләрҙә урынлашҡан редакцияға баш ҡалала йәшәүселәр генә түгел, райондарҙан килгән авторҙар ҙа юлды һыуытманылар. Иң йыш асылғаны Рәмиҙең ишеге булды. Уның күңеле лә кешеләргә шулай асыҡ ине. Журналдың һәйбәт башланған эштәре уңышлы дауам итте. Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә уны алдырыусыларҙың, яратып уҡыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта барҙы, тиражы буйынса «Башҡортостан ҡыҙы» алдынғы урынға сыҡты. Рәми Ғарипов менән аралашҡан кешеләр уның эш бүлмәһендә эленеп торған Башҡортостан картаһын хәтерләйҙәрҙер. Республикала шағир булған урындар унда билдәләп ҡуйылғайны. Күпме ауылдарҙан, райондарҙан Өфөгә килеп тоташҡан һыҙыҡтар шағирҙың ни тиклем тынғыһыҙ юламан булыуын күрһәтеп тора ине. Бик күп кешеләрҙең яҙмыштары ла ошо һыҙыҡтар – юлдар һымаҡ Рәми Ғариповҡа килеп тоташты. Ҡатын-ҡыҙҙар журналында эшләгәндә халыҡ уға айырыуса күп килде. Шағир юл йөрөргә ярата торғайны. Нәҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлаған осоронда – 1968 йылдың сыуаҡ көҙөндә Рәми ағай менән минең тыуған Туҡсоран яҡтарында ун көн эсендә утыҙлап ауылда булдыҡ, Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай һ.б. арҙаҡлы шәхестәрҙең эҙҙәрен һаҡлаған юлдар буйлап үттек. Беҙҙең сәйәхәттән һуң был төбәктә журналды алдырыусылар һаны ныҡ артты. Үҙемдең тыуған яҡтарымды Рәми Ғарипов менән мин яңынан астым, яҡынданыраҡ аңланым һымаҡ. Ысынлап та, уның менән күп нәмәләр яңыса күренә, кешеләр ҙә, ер-һыуҙар ҙа башҡасараҡ, тулыраҡ асыла ине. Белорет-Шишмә юлы яңы төҙөлә башлаған ваҡытта Урал тауҙарына шағир менән бергә артылғанда ла, Учалы, Федоровка, Илеш, Ишембай яҡтарында бергә йөрөгәндә лә, Мәскәүҙә лә мин быға күп тапҡырҙар шаһит булдым. 1968 йылғы Ырымбур сәфәренән һуң Рәми Ғариповҡа арнап яҙған шиғырымда ошолай тигәйнем: Был донъяның иркә улы булып, Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп: Һиндә – Салауаттың яралары, Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең... ...Ете-ятҡа төшкән йот-ҡайғыға Күҙебеҙҙән сыға йәш бәреп. Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек, Халыҡ ҡосағында йәшәнек... Рәми Ғариповтың сәйәхәттәре Башҡортостан картаһына һыймай. Ул Силәбе яҡтарында ла, Һамар тарафтарында ла булды, һәр ерҙән шиғыр алып ҡайтыр ине. Шағирҙың халыҡ араһында йыш йөрөүе, уның абруйы «Башҡортостан ҡыҙы» журналының республиканан ситтә күпләп таралыуына ярҙам итмәй ҡалманы, әлбиттә. Яңы быуын әҙиптәренең, бигерәк тә йәш шағирәләр ижадының үҫешенә журнал ҙур йоғонто яһаны. «Башҡортостан ҡыҙы»ның тәү башлап донъяға сыҡҡан һанында уҡ (1968, № 1) «Ҡыҙҙар моңо» тигән рубрика асылды. Унда «Мин әлегә тик ҡояшҡа ғашиҡ» тигән баш аҫтында Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдинова, Гөлфиә Юнысова, Миңниса Юлдашбаева, Фирҙәүес Ғәлиева, Зилә Күсәрбаеваның шиғырҙары бирелде. Ул заман өсөн өр-яңы күренеш булған был шәлкемде Рәми Ғарипов ойошторҙо, артабан да бындай баҫмалар уҡыусыларҙы ҡыуандырып торҙо. Шағирҙың зирәк ҡарашы яңы исемдәрҙең киләсәктә асылып китер һәләтен йыш ҡына өйрәнсек хәлдәге тәүге шиғырҙарынан уҡ таный алды. Тәүге һанда уҡ күренгән йәш шағирәләрҙең береһе лә шиғриәткә хыянат итмәне; кемдәрҙер ҙур-ҙур шиғри бейеклектәр яуланы, икенселәре барыбер ғүмерен ижадҡа, әҙәбиәткә арнаны. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә шағирәләр, әҙибәләр ижадының ҙур урын алыуы, һис шикһеҙ, «Башҡортостан ҡыҙы»ның сыға башлауы менән тығыҙ бәйләнгән. Күпме йәш һәләттәргә Кәтибә Кинйәбулатова, айырыуса Рәми Ғарипов киң донъяға фатиха биреүселәрҙән булды. Алтмышынсы йылдар аҙағында башҡорт шағирҙарының үҙенсә һайланмаға тартым йыйынтыҡтары матур бер серия булып баҫылып сыҡты. Супертышлыҡта шағирҙың һүрәте бирелгән, яңыса биҙәлгән, бөтәһе лә бер төрлө форматтағы бындай китаптарҙың беҙҙә әлегә тиклем бөтөнләй донъя күргәне юҡ ине. Муса Ғәли, Кәтибә Кинйәбулатова, Ғилемдар Рамазанов, Абдулхаҡ Игебаев, Әнғәм Атнабаев һ. б. үҙҙәренең ошондай баҫмаларын алып ҡыуандылар. Был серия уҡыусылар араһында популяр ине. Яңы китабын Рәми Ғарипов та әҙерләне. Шағирҙың көндәлегенән: «1968 йыл. 14 июнь. Нәшриәткә 235 шиғырҙы илтеп һалдым. Исмаһам, 35-ен аңлай торған берәй әҙәм заты булһа икән – ниндәй бәхетле булыр инем...» Нәшриәттә үҙен аңларлыҡ бер кемде лә күрмәгән кеүек яңғыҙлыҡ тойғолары кисерһә лә, бында уға мөнәсәбәт шағир уйлағанса уҡ кире түгел ине, әлбиттә. Ҡайһы саҡта Рәмигә бөтәһе лә тик күңелһеҙ һымаҡ, ул мөмкин булмағанға дәғүә итә. Был сериялағы йыйынтыҡтарҙың барыһы өсөн дә бер сама уртаса күләм алдан билдәләнгән. Китапты редакторлаусы шағир Ғәлим Дәүләтов бик тырышһа ла, уны арттыра алмаҫ ине. Кескәй һайланмаға йөҙләп шиғыр инде, шуларҙың егермеләбе элекке китаптарында баҫылмаған. Нәшриәткә килтергән 235 шиғыр бер юлы сығып китһә, әҙәбиәттә оло тантана булыр, Рәми Ғариповтың шиғриәттәге төп күренештәрҙең береһе икәнлеге тағы ла нығыраҡ раҫланыр ине лә бит, теләктәрҙең изгеләре лә ҡаршылыҡҡа осрай. Рәми Ғариповтың тормош, ижад юлында бигерәк тә. Шулай ҙа «Аманат» тип бик мәғәнәле исем менән аталған был баҫма 1969 йылда донъя күрҙе, әлеге серияла ғына түгел, тотош шиғриәттә абруйлы урын алды. «Таш сәскә»ләге һымаҡ «Аманат»тың да тәүге битендә – «Туған тел» шиғыры. Шағирҙың был йыйынтығы сыҡҡан ваҡытта «Туған тел» халыҡ араһында киң таралып өлгөргәйне. Әлеге китаптың шағирҙың ошо йылдарҙағы эҙләнеүҙәренә, ҡаҙаныштарына үҙенсә йомғаҡ яһаусы билдәле дәрәжәлә кескәй генә һайланма баҫма булыуынан тыш шундай бер композицион үҙенсәлеге бар: ул «Туған тел» менән башлана, «Уйҙарым», «Аманат» исемле ҡобайырҙар менән тамамлана. Һуңғыһындағы атаҡлы тел ғалимы, полиглот, яҙыусы, ҡобайырсы «Жәлил ағай Кейекбаев ҡәберенә бер ус тупрағым» тигән арнау күп нәмә хаҡында уйландыра. «Аманат» ҡобайырын шағир 1959-1969 йылдарҙа яҙған. Тимәк, уға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтҡан, был әҫәргә туған тел хаҡында ошо йылдарҙағы борсолоуҙары тупланған. Ун йыл буйына күңелендә йөрөткәнгә, һәр һүҙен зиһененән нисәмә тапҡырҙар үткәргәнгә был шиғыр ҡойоп ҡуйған дәрәжәгә еткән. Шағир тел яҙмышын ил яҙмышы, халыҡтың ирке менән берлектә, кешенең иң төп таяныстары – ере, күге, уты, һыуы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай, ошо хаҡтағы хәүефле уйҙарын башҡаларға еткерергә ынтыла. Шуға ла Рәми борон-борондан иң дәһшәтле замандарҙа, илгә ҡурҡыныс ябырылған саҡтарҙа сәсәндәрҙең халыҡҡа оран һала торған ҡобайыр алымын бик уңышлы һайлаған. Төп маҡсаты – вайымһыҙлыҡтан уятыу, тел яҙмышына битараф булмаҫҡа, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға саҡырыу: Һай, таш булма, таш булма, Аң ғына бул телеңә. Аң булмайса, туң булһаң, Бер имгәк һин илеңә, Бер түңгәк һин илеңә! Шағирҙың үҙе тере саҡта күрергә насип булған иң тулы йыйынтығындағы иң һуңғы юлдар бына нисек: Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ – Аманатым шул һиңә, Аманатым шул һиңә. Аманатҡа хыянатһыҙ, Аҡыҡтан аҡ юл һиңә, Аҡыҡтан аҡ юл һиңә!.. Шағир күңеленә тулышҡан был аҡ теләктәр киләсәк быуындарға уның васыяты һымаҡ ишетелә, уйландырып ҡына ҡалмай, милли телдәрҙең илдәге хәлдәрен күреп шомландыра ла. Ҡобайырҙағы иҫкәртеүҙәр замандаштарға уяулыҡҡа саҡырыу булып барып етте. Шағир, аманаттар әйтеп, ил-тел яҙмышын ҡайғыртты, ә уға ошо уяулығы, ҡыйыулығы өсөн төрлө яманаттар тағырға тырыштылар. Ләкин Рәми Ғарипов аманатына хыянат итмәне, яманаттарҙан өркөп, маҡсаттарынан ваз кисмәне. Элекке шиғырҙарындағы ватансылыҡ тойғоһо һәм халыҡсанлыҡ яңы китабында «Һаҡланыу», «Башҡортостан», «Ырғыҙ буйы», «Уйҙарым», «Аманат» һ.б. әҫәрҙәрендә үҫтерелде. Ошондай уй-кисерештәр менән һуғарылған күпме шиғырҙар, поэмалар был китапҡа инмәй ҡалды. 1966 йылда яҙылған «Уйҙарым» исемле ҡобайыр шулай уҡ борсоулы уй-өгөттәр менән тамамлана: Ил яҙмышы ирҙә икән, Ил иртәһен уйлаһын, Ил иртәһе – ишәккә, тип, Ҡулын һелтәп ҡуймаһын; Ҡарҙың башын ҡар ашап, Туҙҙырмаһын улъяһын! Туйған ерҙә йөрөгәндә Тыуған ерҙән туймаһын! Айҡап сығам, байҡап сығам Иҙел, Урал буйҙарын, Иҙел, Урал буйҙарын. Ярты төндә уянһам да, Ниҙе генә уйлаһам да, – Илем, һиндә уйҙарым, Иртәгәңдә уйҙарым!.. Йөкмәткеһе менән дә, формаһы менән дә был әҫәрҙәр алтмышынсы йылдарҙағы башҡорт шиғриәтендәге күпселек шиғырҙарҙан ҡырҡа айырылып торалар ине. Сөнки байтаҡ шағирҙарҙы әлеге ҡобайырҙарҙа күтәрелгән туған тел, милләт яҙмышы мәсьәләләре төнгө йоҡоларынан уятып йөҙәтмәй ине. Был осорҙа лирика образлылыҡ яғынан ҙур ҡаҙаныштарға ирешһә лә, унда халыҡ хаҡында һыҙланыу аҙыраҡ ине. Ләкин был турала үткер һүҙҙәр көндән-көн йышыраҡ ишетелә барҙы, улар араһында Рәми Ғариповтың әйткәндәре айырыуса ҡыйыу, үтемле булды. Милләт яҙмышы хаҡында уйланыу Рәми Ғарипов ижадында үҙәк тойғо икәнлегенә уҡыусы бик күп миҫалдарҙа инанды. Был төп йүнәлеш, китаптан китапҡа ялғанып, үҫтерелә, тулылана барҙы. Илленсе йылдар аҙағында үҙе хикәйәт тип атаған «Урал йөрәге» исемле шиғыры ниндәй киң панорама менән башланғайны: Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан – тыуған илкәйем. Шул йөрәктең ҡан тамыры булып Күкһелләнә Ағиҙелкәйем. Шағир Уралдың һәр ташында ҡанлы-данлы тарихтарҙы уҡыған һымаҡ булды, аҡ ҡылғандар уға илен һаҡлап башын һалған батырҙарҙың сал сәсе булып күренде. Ләкин шиғырҙарҙа аһ-зар хаҡында ғына һүҙ барманы, «Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..» тигән мыҫҡыллы юрауҙарға ҡарамаҫтан, үҙ яҙмышын ауыр юғалтыуҙарҙа ла һаҡлап ҡала алған Башҡортостандың, башҡорт халҡының ғорур һыны кәүҙәләнде. Халыҡты йәлләтеү, юғалтыуҙар өсөн күҙ-йәш түгеү түгел, уның тарихи яҙмышын аңларға тырышыу, көслө ихтыярын, йәшәү потенциалын күрһәтеү – шағир өсөн иң мөһиме бына нимәләрҙә. «Совет Башҡортостаны» газетаһында, унан һуң «Башҡортостан ҡыҙы» журналында – һәр береһендә бишәр йылға яҡын эшләү, тынғыһыҙ журналистика хеҙмәте бик күп ваҡытын алһа ла, Рәми Ғарипов 1962-1972 йылдарҙа бик ырамлы ижад итте, сифат яғынан да, һан яғынан да ҙур үҫеш юлы үтте. Уның биш йөҙҙән ашыу әҫәре нәҡ ошо арала яҙылды. Тәржемәләрҙе, доклад-мәҡәләләрҙе һ.б. яҙмаларҙы ла ҡушһаң, ни тиклем оло хазина тупланғанына, шағирҙың әҙәбиәтебеҙгә ниндәй байлыҡ өҫтәгәненә нығыраҡ һоҡланаһың. Был осор Рәми Ғарипов шиғриәтенең алтын ун йыллығы булды. Һәр бер шиғриәт үҙ халҡының яҙмышы тураһындағы хәстәр менән йәшәй. Ләкин был сифат һәр милли ерлектә үҙенсә сағыла. XVII-XX быуаттар дауамында Рәсәй империяһының колонизаторлыҡ иҙеүенән иң ныҡ ҡанһыраған, ошо иҙеүгә ҡаршы иң ныҡ, иң оҙаҡ көрәшкән, башҡа бер милләттә лә булмағанса иң күп баш күтәреүҙәр ваҡытында иң күп ҡорбандар биргән башҡорт халҡының аңында тыуған ерҙе изгеләштереү, уға тоғролоҡ, уның азатлығы өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер тороу төшөнсәләре сәңгелдәктән ҡәбергәсә саф көйө һаҡлана торған, быуындан быуынға аманат итеп тапшырыла торған изге төшөнсәләр. Шуға ла башҡорт шиғриәтендә ил тойғоһо, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу борон-борондан килгән, уның милли аңына, тарихи хәтеренә уйылып ҡалған үҙенсәлектәрҙән. Шиғри тәбиғәте буйынса уйсан лирик, донъяға мөнәсәбәте буйынса философ ҡарашлы Рәми Ғарипов шиғриәтендә был мотивтарҙың баштан уҡ үҙәктән тороуы, көсәйгәндән-көсәйә барыуы ғәжәп түгел. Алтмышынсы йылдарҙа халыҡтар дуҫлығы тигән рухи хазинаны буш лозунгҡа, хатта милләттәрҙе быуыуҙағы мәкерле эштәрҙе ҡаплау өсөн яһалма байраҡҡа өйләндереү шиғриәттә кире реакция тыуҙырҙы, унда милли тойғоно көсәйтеп ебәрҙе. Милләткә ҡарата бындай ғәҙелһеҙлектәрҙе башҡорт шиғриәтендә байтаҡ шағирҙар, бигерәк тә Рәми Ғарипов ауыр кисерҙе. Мәктәп, студент йылдарында Рәмиҙең Салауат хаҡында поэма яҙырға тигән хыялы тормошҡа ашмай ҡалды. 1971-1972 йылдарҙа «Салауат батыр» тигән шиғыры тыуҙы. Ошо уҡ осорҙа ул Батырша тураһында ҙур әҫәр яҙырға дәртләнеп йөрөнө, батырҙың ғүмере өҙөлгән ҡәһәрле таш ҡәлғәне лә күреп ҡайтты. Ләкин шағирға киң планда уйланылған «Батырша» поэмаһының «Шлиссельбург тотҡоно» (Батырша монологы) тигән өлөшөн генә яҙып өлгөрөргә насип булды. Монологтың тәүге юлдарында башҡорт күтәрелешенең рухи юлбашсыһы ҡанаты ҡайырылған бөркөт һымағыраҡ күҙ алдына килә: «Мин тотҡон Батырша – башҡорттоң батыры, – ултырам зинданда башымды ҡатырып», «ҡулымда – бығауҙар, аяҡта – бығауҙар», «ҡәберем – утрау, кәфенем – таш зиндан». Ләкин ошо ҙур булмаған монологта ла Шлиссельбург тотҡоно үҫештә күрһәтелгән: уның рухы һаман да көслө, ул һаман да көрәш юлдарын, хәҡиҡәтте, халыҡтың ғәҙел талаптарын раҫлау сараларын эҙләй. Шиғырҙағы уның һуңғы һүҙҙәре ярһыу менән тулы: «Эй, кем бар, кем унда? Хат көтһөн батшабыҙ. Бирегеҙ хаҡ ҡәләм, бирегеҙ аҡ ҡағыҙ!» Халыҡ яҙмышы, уның уҙғаны һәм бөгөнгөһө тураһында уйланғанда, буш кәперенеү йәки күкрәк һуғыу Рәми Ғарипов өсөн ят нәмә. Уның өсөн иң ҡәҙерлеһе – тормоштоң мәңгелеге, быуындарҙан быуындарға үрелә килгән бәйләнештәр, халыҡ рухының нығына, үҫә барыуы. Шуға ла ул традицион образдарҙы ла яңыса үҫтереп ебәрә. Кем белә, башҡа ерлектә тыуһа, башҡа заманда йәшәһә, халҡым, илем, телем тип ул тиклем өҙгөләнмәһә, Рәми тормош фәлсәфәһе, донъяның асылы хаҡында тағы ла тәрәнерәк уйланыр, лирикаһында йәшәү һәм үлем, дөрөҫлөк һәм ялған, тоғролоҡ һәм хыянат, мөхәббәт һәм нәфрәт һымаҡ мәңгелек төшөнсәләр тураһында образлы фекерҙәр күберәк булыр ине. Ләкин шағирҙы тыуған ерлегенән дә, йәшәгән заманынан да айырыу мөмкин түгел. Халыҡ яҙмышы, ил тарихы һәр саҡ хәрәкәттәге, үҫештәге йәнле процесс. Иң ҡатмарлы замандарҙа ла тормош туҡтап ҡалмай, унда һаман да ниндәйҙер үҙгәрештәр бара, ниндәйҙер яңылыҡтар тыуа. Рәми Ғарипов шиғриәте ысынбарлыҡтың ошо диалектикаһына бик ауаздаш. Ул уҙғандар тураһында күпме генә әсенеп уйланмаһын, шиғырҙары киләсәккә төбәлгән. Шағир туған халҡының шанлы, данлы тарихы менән ғорурланып йәшәне, уҙғандарҙың тәжрибәһе аша киләсәкте күрергә ынтылды. Рәми Ғариповтың инаныуҙары һәм ҡараш-принциптары халҡыбыҙҙың тормош тәжрибәһенә, милләттең бәләкәстән күңеленә һеңдергән йәшәү фәлсәфәһенә тамырланып нығынғайны. Ләкин ул тыуған мөхит, бөгөнгө көн менән генә сикләнмәне, мәңгелек үҫеште киң бәйләнештәрҙә аңларға тырышты. Уның тәрән эрудицияһын, төплө белемен ҡәләмдәштәре баһалай белде. Шағир иһә һаман да туҡтауһыҙ уҡыны, тормоштоң, ғилемдең төрлө тармаҡтары менән ғүмере буйы ҡыҙыҡһынды. Академик Нияз Мәжитов былай тип хәтерләй: «1967 йылдың майында мин Рәмигә үҙем менән археологик экспедицияла йөрөп ҡайтырға тәҡдим иттем. Ул ризалашты, һәм, шулай итеп, ике айлыҡ сәйәхәткә сығып киттек. Юлыбыҙ Дүртөйлө, Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле, Борай, Мишкә райондары аша үтте. Күп тапҡыр ямғыр аҫтына эләктек, машиналарыбыҙ батып ултырҙы, кәрәк тотоп, ер ҡаҙҙыҡ, археологик ҡомартҡылар эҙләнек, тапҡанын тикшерҙек. ...Ошо ҡомартҡыларҙың боронғо Урал тарихын тикшереүгә һәм уларҙың боронғо башҡорттар менән бәйләнеүенә Рәми һис тә шикләнмәне. Тапҡан ҡомартҡыларҙы эпостарҙағы Урал, Сура батырҙар менән сағыштырып ҡарағаны ла булды». Был сәйәхәт шағир ижадында үҙенсә эҙ ҡалдырҙы. Археолог дуҫына арналған «Ҡала-тауҙар» тигән шиғырында: «Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп, эҙләйҙер ул тыуған илкәйҙе», – тип яҙғайны. «Әллә ниндәй таш быуатҡа китеп, ваҡыт әрәм итеп ҡайтаһың», – тигән ғәйепләүҙәргә ҡаршы: «Мин, үткәндәр менән байығып, киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым», – тип яуап бирҙе. «Эштән өйгә ҡайтҡандағы һымаҡ, киләсәккә ҡайтып йөрө һин» тигән принцип менән йәшәне. Ә бына был шиғырында Р. Ғарипов киләсәк менән нисек һөйләшә: — Киләсәгем! Ас һин ишегеңде! — Кем тупһамда? Кемде күрәм мин? — Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!.. Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми. — Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет? — Булды юлда төрлө кәртәләр... — Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине? — Бәлки, танырҙар, тип әйтәләр. — Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс? — Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта... Шуныһы ҡыҙыҡлы, шағир киләсәккә бармай, ике осраҡта ла киләсәккә ҡайтыу тураһында һүҙ алып бара. Уның ваҡыт ағышына, заманалар бәйләнешенә мөнәсәбәтен аңлау өсөн был момент шулай уҡ бик мөһим. Рәми Ғарипов киләсәк менән тиңдәр менән тиң булып, һин дә мин һөйләшә. Ул киләсәктә буласағына, тыуған өйөнә ҡайтҡан һымаҡ унда ҡайтасағына үҙендә ҙур көс, ышаныс тоя. «Бер аяғың баҫһа бөгөнгә», «Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!» исемле шиғырҙары шағир үҙе тере саҡта матбуғатта баҫылманы. Киләсәкте шау коммунизм итеп пропагандаларға өйрәнгән рәсми баҫмалар өсөн был шиғырҙар бик үк ҡулайлы булмаҫ ине, әлбиттә. Уҙған, бөгөнгө, киләсәк... Ваҡыт бәйләнешендәге ошо өс сылбырҙың һәр быуыны шағир өсөн ҡәҙерле, улар барыһы ла уның өлөшөнә төшкән көмөшө. Тик шәхестең яҙмышын иң ныҡ билдәләүсе төп көс – уның үҙ заманы, уның үҙ бөгөнгөһө. Рәми Ғариповтың да күпселек шиғырҙары – үҙ заманы тураһында, ил яҙмышынан айырылғыһыҙ үҙ яҙмышы, үҙ биографияһы хаҡында. Мин заманым менән ғорурланам, Юҡ, был түгел һуҡыр ғорурлыҡ. Бөтә ҡаршылығы, фажиғәһе Йөрәгемдә алған урын ныҡ, – тип яҙҙы шағир. Ул үҙ дәүеренең барлыҡ фажиғәләрен һәм ҡаршылыҡтарын йөрәктән кисереп, ҡыуаныстары менән ҡыуанып, еңеүҙәре менән ҡанатланып йәшәне. Юҡҡамы ни үҙенең заманын Рәми Ғарипов йондоҙло тип атаны. Заман хаҡындағы уйланыуҙарын шағир бер ваҡытта ла конъюнктураға ҡорманы. Ә бит ундай бәлә һәр шағирҙы һағалап ҡына тора. Мәҫәлән, тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндә ундағы тәьҫораттарҙан ғәҙәттәге ҡайтыу йәки сәйәхәт шәлкемдәренең яҙылыуы ла бик ихтимал ине. Ләкин Рәми Ғарипов был еңел юлға төшмәне, шиғырҙарында замандың тышҡы шау-шыуын түгел, уның тәрән һулышын бирә алды. «Мин заманым тиеп ҡысҡырманым, йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы», – тине шағир. «Заман һынауы» исемле шиғырындағы «Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте», – тигән юлдар күптән афоризмға әйләнде. Шулай ҙа был бәйләнештә барыһы ла ал да гөл тип уйларға ярамай. Заман фажиғәләрен үҙ башынан үткәргән Рәми Ғарипов үҙ заманының улы булып йәшәне, замандың бер ҡатлы инаныуҙары, мауығыуҙары уның өсөн дә ят булманы. Әгәр ҙә ул: Киләсәк ул – тотош ижад иле, Киләсәк ул миңә – йыр, шағир. Бына шуның өсөн мин – коммунист, революционер һәм шағир! – тип яҙған икән, бында Рәмиҙе яһалмалылыҡта йәки ҡулайлашыуҙа ғәйепләргә һис бер сәбәп юҡ. Үҙе партияһыҙ булһа ла, ул шиғриәтте революция эшенән, йәғни, йәмғиәттең аңына уйылғанса, тормоштағы яңырыуҙан айырылғыһыҙ итеп ҡараны. Ләкин «Йондоҙло заман» тураһында һөйләгәндә, йыһандағы еңеүҙәрҙән ҡанатланып, Рәми Ғариповтың дөйөм эйфорияға бирелгән саҡтары ла булманы түгел. Мәҫәлән, «Улым йоҡлағанда» шиғырында улына ҡарап шағир ошондай хыялдарға сума: Ул таҙартыр уны сүп-сарҙарҙан, Һәр урында баҡса үҫтерер, Әкиәттәге һарайҙарҙы һалыр, Төҫө уңған ергә төҫ бирер. Уйнап туйһа әгәр ере менән, Алыҫ йондоҙҙарға һикерер, Тыуған ерен сәңгелдәге итеп, Киң йыһанды тыуған ил күрер... 1962 йылда яҙылған был шиғырҙы шул осорҙағы йыһан романтикаһы йоғонтоһоноң бер сағылышы, әкиәт хыялдарына бирелеп алыу тип ҡарарға ла мөмкин булыр ине. Ә бына 1974 йылда яҙылған «Стәрлетамаҡ» шиғырындағы айырым строфаларға иғтибар итәйек: Ялҡын яулыҡ болғап, һөйгән йәрҙәй Ҡаршы алыр һине Стәрле. Ул, атайың һымаҡ, бик ябай ҙа. Ул, әсәйең төҫлө, хәстәрле. Аяҡ-торбаларын ҡырҡҡа бөкләп, Төрөпкәнән төтөн борҡотоп. Ултырыр ҙа соғол олатайҙай Башҡорт илкәйенең бер ҡото... ...Сымдар буйлап елгән вагонға баҡ – Әйтерһең дә, һомғол таң ҡыҙы. Сайпылтмайса, шулай алдыр менән Туй-табынға ташый ҡымыҙын. Был күренештәрҙән ниндәй идиллия донъяһы хасил була: заводтары соғол олатайҙай ултыра, етмәһә ул аҡһаҡал халҡыбыҙ борон ғүмерҙә тартмаған төрөпкәне ауыҙына ҡабып алған да төтөн бөркөтә, торбаларҙан сыҡҡан төтөндәр һөйгән йәрҙең яулыҡ болғағаны шикелле, ә вагонеткаларҙың ташығаны һомғол ҡыҙ һуҙған алдырҙағы ҡымыҙ тиерһең. Барыһы ла һәйбәт, барыһы ла һил, «һөйөү, бәхет һәм ышаныс бында бергә ҡойолғандай тойола». Ер-һыуҙарҙың ни тиклем ныҡ ағыуланғанын күҙ алдына ла килтермәйенсә, «иң ҙур химия гиганттары беҙҙә» тип күкрәк һуҡҡан замандарҙың шойҡаны Рәмигә лә ҡағылған. Һикһәненсе йылдарға тиклем тиерлек экологик һәләкәттең яҡынайыуы тураһында илдә бик һирәк кешеләр генә һүҙ ҡуҙғатты. Мәҫәлән, айырым ғалимдарҙың, яҙыусыларҙан Леонид Леоновтың иҫкәртеүҙәре. Шиғриәттә иһә бындай сығыштар байтаҡ ваҡыт буйы ишетелмәне тиерлек. Киреһенсә, тәбиғәткә һөжүмде, һәләкәткә килтерәсәк төҙөлөштәрҙе маҡтау ғәҙәти хәлгә әйләнде. Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа ҡайһы берәүҙәр торбаларҙа янған факелдарҙы коммунизм маяҡтарына оҡшатҡайны. Былар асылда егерменсе-утыҙынсы йылдарҙағы башҡорт шиғриәтендә тимерҙе, күмерҙе данлау, «Был бит – Башҡортостан! Яңынан тыуа аграр илдән – сталь, тимергә» (Ғ. Сәләм) тип мәдхиәләү традицияларының дауамы ине. Хатта етмешенсе йылдарҙа экологик хәлдәр ҡырҡыулашҡан саҡта ла поэзия был традицияларҙан тулыһынса ҡотолоп бөтмәне, илгә, бигерәк тә Башҡортостан кеүек төбәктәргә ябырылған бәлә хаҡында алдан иҫкәртә алманы. Күренеүенсә, тәбиғәтте ғүмере буйы ҡурсалап йәшәгән Рәми Ғарипов та идиллия хыялдарынан арына алмаған. Ләкин былар шағирҙың заман менән бәйләнешендә бик осраҡлы ғына мәлдәр. Рәми Ғарипов барлыҡ булмышы менән яһалмалылыҡты, һуҡыр эйәреүҙе, буш һоҡланыуҙы күрә алманы. «Һоҡланыу» шиғырын яҙған ҡәләмдәше Рафаэль Сафин менән бәхәсләшкәндәй, «Һаҡланыу»ҙа: «Гел һоҡланыу хисте ойота тик, гел һоҡланыу аңды йоҡлата». «Һоҡланам мин... Ләкин – һаҡланам!» – тип яҙҙы. Ул ижадтың тормошсанлығын яҡланы. Кешенең тормоштағы яуаплылығы, намыҫы, бурыстары тураһында уйланыу уның шиғриәтенең үҙәгендә булды. Күпме шиғырҙарында ул эш эшләү урынына һүҙ һөйләп кенә йәшәүселәрҙе, бушбоғаҙҙарҙы фашланы, ирлекте, ҡыйыулыҡты, ғәҙеллекте яҡланы. Дөрөҫлөккә тоғро шағир заман хаҡындағы хәҡиҡәтте, тормоштоң асылын, ундағы матурлыҡ менән бергә аяныс хәлдәрҙе лә кешеләрҙең күҙенә тура ҡарап әйтте, һуңламайынса әйтте. Ләкин шағирҙың үҙ ваҡытында әйткән һүҙе ҡыҫым-сикләүҙәр арҡаһында кешеләргә ҡайһы ваҡыт үҙ ваҡытында барып етә алманы. Ҡайһы саҡта шағирҙың аҡыл эйәһе, ҡыйыу шәхес булыуы хаҡында һөйләп, уның шиғри маһирлығы нисектер онотола. Шағир бит иң элек һүҙ менән ижад итеүсе, һүҙ оҫтаһы, телде һаҡлаусы, телде байытыусы. Рәсүл Ғамзатовҡа арналған шиғырында Рәми Ғарипов «илен хатта Шамил һаҡлай алмай, ә шағиры яулай илдәрҙе» тип яҙғайны. Ысын шағир һүҙ менән заман һыҙаттарын һынландырып ҡалдыра, һүҙ менән киләсәккә үтә. Рәми Ғарипов бына шундай шағирҙарҙан. Рәми Ғарипов поэтикаһы тураһында Ғайса Хөсәйенов былай тип яҙҙы: «Унда иң боронғо ҡобайыр формаларынан алып хәҙерге ирекле шиғыр формаларына хәтле төрлөлөктө табырға мөмкин. Ул бигерәк тә башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә тапҡырлығы, форма камиллығы кеүек аҫыл сифаттарын ижади өйрәнә, донъя поэзияһы классикаһынан Шекспир һәм Пушкиндарҙан алып Блок һәм Ғамзатовтарғаса иңләп, шуларҙы үҙ поэтикаһында яңыса, новаторҙарса оҫта берләштерә һәм үҙенсә үҫтерә белде. Шулар бөтәһе бергә Рәми Ғариповты хәҙерге поэзиябыҙҙың атаҡлы шағиры итеп танытты, үҙен ысын мәғәнәһендә шиғыр оҫтаһы итте». «Интегралдар поэмаһы» шағир өсөн, ғөмүмән, башҡорт шиғриәте өсөн бөтөнләй яңы сфераға – фән донъяһына иғтибар итеүе, мөхәббәттең бығаса сағылмаған ҡыҙыҡлы шарттарҙағы яҙмышын һүрәтләүе менән ҡыҙыҡлы. Әҫәрҙең аҙағында: «Йәшәһен фән һәм йән дуҫлығы», – ти шағир. Бында шул йылдарҙа физиктар һәм лириктар тирәһендә ҡупҡан бәхәстәрҙең шаңдауы ла ишетелеп ҡала. Был поэма һымаҡ «Яндырылған хаттар» ҙа 1972 йылда яҙылған. Унда һуғыш йылдары хаҡындағы бер генә поэмала ла күренмәгән үҙенсәлекле тормош материалы бар. Ғәҙәттә һалдат хаттары оҙаҡ йылдар һарғайып бөткәнсе ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлана, ә бында сабырлығын юйған ҡатын уны янып торған мейескә ырғыта. Һалдаттың тыуған яҡтарынан эшелонда үтеп китеүе, әсә менән малайҙың баҫыуҙан телефонға йүгереүҙәре, ләкин һөйләшергә өлгөрә алмай ҡалыуҙары, ҡатындың үкһеп илауҙары ҙур көсөргәнешлек менән һүрәтләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ике әҫәрен шағир аҙағына тиклем эшләп өлгөрә алманы, уларҙың байтаҡ урындары фрагменттар рәүешендә, ҡаралама хәлендә ҡалды. Рәми Ғариповтың байтаҡ шиғырҙары ун – туғыҙ ижекле традицион строфалар менән яҙылған. Ләкин ул төрлө шиғри формалар менән оҫта эш итә, ирекле шиғыр элементтарын да индереп ебәрә (мәҫәлән, «Төшкөгә ҡайтҡанда»), күңеленән строфаларҙы ла үҙенсә үҙгәртеп ҡора («Утыҙҙы артылғанда»), ижек һандары әле һигеҙ – һигеҙ («Бына минең тыуған ер был»), әле туғыҙ – туғыҙ («Хәрәкәткә кәрәк хәҡиҡәт»), әле ун – һигеҙ («Көтмәгәндә мин дошманың булдым»), әле дүрт – ете («Ҡояшлы ямғыр») булып төрлөләнә. Икенсе һәм дүртенсе юлдарҙы рифмалау менән генә сикләнмәй, сатраш рифманың һәйбәт өлгөләрен дә тыуҙыра («Тауға үрләгәндә», «Күк томанда ҡояш энәләре», «Байрам», «Һабантурғай», «Ҡарағай», һ.б.), а-а – б-б формаһындағы рифмаларҙы ла файҙалана («Башҡортостан», «Артыңдан ҡысҡырыу»), «Тимер юл» шиғырында биш юллыҡ строфаны баштан аҙаҡҡа тиклем һаҡлай. Һәр юлдың яңғырашына ғына түгел, китаптарының композицион төҙөлөшөнә, шиғырҙарҙы нисек урынлаштырыуға, нисек төркөмләүгә лә шағир бик иғтибарлы һәм талапсан булды. Сөнки бер тирәгә тупланһа, шиғырҙарының яңысараҡ асылыуын, башҡасараҡ яңғырауын һүҙ оҫтаһы яҡшы белә ине. Рәми Ғарипов әҫәрҙәрендәге тел байлығын, ғәҙәти һүҙҙәрҙең яңыса шиғри яңғырашын, моң, аһәң гармонияһын махсус тикшеренеүселәрҙе алда бик ҡыҙыҡлы күренештәрҙе күҙәтеү көтә. Шағир телдең нескәлектәрен бик һиҙгер тоя, хәтерендә лексик байлыҡты ул замандың ярлы һүҙлектәренән күпкә артығыраҡ һаҡлай торғайны. Шиғырҙарында «толданам» (толланыу – мәшәҡәтләнеү, Сергей Есенин, «Әсәйгә хат»), «Әҫтәтен» (әҫтәт – ысул, «Йыр һуҡмағы») кеүек һүҙҙәр ҙә осрай. Һуңғыһын диалекттар һүҙлегенән генә табып алдым. Ҡайһы бер диалектизмға автор үҙе үк аңлатма биреп үтә: Минең һис тә иҫке таҫыллығым, Йәшлек дәртем әле һүнмәне. Ос һәнәген ҡулға үҙем тотоп, Ырғытырмын тотош һүләне. (Һүлә, тиҙәр, беҙҙә күбәне). Ләкин бындай ерле һөйләшкә генә хас һүҙҙәр уның әҫәрҙәрендә бик һирәк осрай. Һүҙ оҫтаһының маһирлығы таныш һүҙҙәрҙе яңыса балҡыта алыуҙа икәнлеген яҡшы аңланы, шундай оҫталыҡҡа ирешә алды. «Иҫке һүҙҙәрҙе йыйып, шунан яңы һүҙҙәр теҙәм» тигәйне Мәжит Ғафури. Тел байлығы, һүҙҙәрҙең мөмкинлектәре сикһеҙ. Рәми Ғарипов телдең һаҡсыһы ла, уға йәм өҫтәүсе тел оҫтаһы ла ине. Рәми Ғарипов ҡобайырҙы шиғриәткә яңынан ҡайтарҙы. Дөрөҫ, был традиция башҡорт поэзияһында бер ҡасан да бөтөнләй өҙөлөп ҡалманы. Бабич, Ниғмәти, Буранғол, Кейекбаев әҫәрҙәре аша яңы дәүерҙәргә килеп етте. Алтмышынсы йылдарҙа Рәми Ғарипов ҡобайырҙы үҙенсә үҫтерҙе, боронғо формаға замандың актуаль йөкмәткеһен һалды. Уның әҙәбиәттә ваҡиғаға әйләнгән «Уйҙарым», «Аманат» исемле ҡобайырҙары ғына үҙе тере саҡта баҫылып сыҡһа ла, был формала шағир даими эшләгән. Мәҫәлән, «Тел», «Улыма», «Көслөк менән тел булмаҫ» һ.б. әҫәрҙәре шуны күрһәтә. Рәми Ғарипов барыһынан элек лирик шағир, тәбиғәттең һәр күҙәнәген, тормоштоң һәр һулышын һиҙгер тойоусы иң талантлы башҡорт лириктарының береһе. Ләкин уның ижады бының менән генә сикләнмәй, әҫәрҙәрендә шағир тематик яҡтан да, жанр, форма йәһәтенән дә төрлөлөккә ынтылды. Шиғыр, йыр, баллада, мәдхиә, мәрҫиә, поэма – ниндәй генә жанрға тотонһа ла, Рәмиҙең үҙ һүҙе, үҙ моңо булды. Сатира ла уның өсөн ят өлкә түгел ине. Шағир, тәржемәсе, публицист, йәмәғәт эштәрен ойоштороп йөрөүсе... Һуғыштан һуң башҡорт халыҡ ижадын йыйыуҙы башлап ебәреүсе, уның буйынса хеҙмәттәр яҙған фольклорсы... Рәми Ғариповтың ижад донъяһы бына шулай күп тармаҡтарҙа асылды. Шағир күберәк башҡорт халыҡ ижады һәм классик шиғыр традицияларын дауам итте, әммә традицион формаларҙа ла новаторҙарса ҡыйыу фекер әйтә алды. Шул уҡ ваҡытта ул ирекле шиғырға тотоноусыларҙың эҙләнеүҙәрен дә хуп күрҙе. Уның Шамил Мәхмүтовтың эксперименттарына ыңғай мөнәсәбәте хаҡында әйткәйнек инде. Ундай тәжрибәләр Рәми Ғариповтың үҙендә лә юҡ түгел. Блокноттан йыртып алынған бер биттә 1973 йылдың 1 июнендә яҙып ҡуйылған һәм Михаил Пришвингә арналған «Кафиәһеҙ тынлыҡ» тигән ошондай шиғыр һаҡланған: Төнгө йәшен йәшнәп туйҙы, ахыры, Таң алдынан тынды күкрәүе. Тантаналы тынлыҡ тирә-яҡта, Тирә-яҡта тәүге моң ғына... Ҡарағайлыҡ – алтын орган һымаҡ, Еңелсә саф нурҙа ҡойона. Томан ҡалҡа, еүеш ҡыуаҡтарға Ҡағылырға хатта ҡыймайса. Донъя ниндәй хозур, иркен, рәхәт! Был донъяла сер ҙә сер түгел. Мәңгелекме әллә яңылыштан Һыйпап үтте бына сәсемдән. Шик-шомдарҙан айнып, күңел тағы Ашыҡмайса ғына көс йыя. Шул тынлыҡта тып-тын тамсы тама Сын-сынаяҡ ҡына бәшмәккә. Шиғырҙың шиғырлығын, шағирҙың шағирлығын кафиәһеҙ – рифмаһыҙ ҙа тойоп була шул. «Кафиәһеҙ тынлыҡ» тип яҙып, Рәми, бәлки: «Ирекле шиғырҙы беҙ ҙә булдыра алабыҙ уны!» тип йылмайып ҡуйғандыр. Башҡорт халыҡ ижадындағы һәм донъя классикаһындағы шиғри традицияларҙы новаторҙарса үҙләштергән Рәми Ғарипов сәнғәттең башҡа төрҙәренең художество сараларына ҡыйыу мөрәжәғәт итеп, шиғриәттең мөмкинлектәрен киңәйтте. «Сыңрау торна», «Һандуғас таңы», «Болан», «Яҙ хәбәрселәре», «Сүл йыры», «Билдәһеҙ ҡатын», «Урал урманы», «Өс көй», «Чи-Чио-Сан» һымаҡ шиғырҙарҙа Крамской, Саврасов һүрәттәре күҙ алдына килә, Шопен, Бородин, Огинский моңдары сыңлап китә, Урал боланының сәнғәт әҫәре кеүек һоҡландырғыс һыны алға килеп баҫа. Ниндәй генә традицияларҙы үҫтерһә лә, шағир төп сифатты – лирикаһының халыҡсанлығын юғалтманы, уны төрлө саралар менән байытыу юлдарын эҙләне. Эҙләнеүҙәр юлындағы ижади асыштарға Рәми Ғарипов тәржемә өлкәһендә лә күп юлыҡты. Шағирҙың шиғри тәржемәләге күп йыллыҡ хеҙмәттәренә ентеклерәк туҡталыу кәрәк. Шағир антологияһы Һәр сәнғәттең үҙ серҙәре, үҙ ауырлыҡтары. Ижад эшендә һәр кемдең үҙ шатлыҡтары, үҙ ғазаптары. Кешенең күҙе күрә алған бер нисә төҫтән рәссам ниндәй ғәжәп донъя тыуҙыра ала. Ете нота тамғаһына һыйып бөткән ауаздарҙан көй сығарыусы композитор күпме илаһи моңдар ижад итә. Әлбиттә, художник беҙ күрмәгәнде күрә, композитор беҙ ишетмәгәнде ишетә, улар башҡа кеше еңеп сыға алмаҫлыҡ күпме ауырлыҡтарҙы еңеп сыға, беҙ белмәгән әллә ниндәй тылсымдарҙы белә. Тағы ла шуныһы һоҡландыра: бер ерҙә тыуған көй йәки һүрәт, ошо ерҙең моң-ауаздарын тамсы ла сайпылдырмайынса, төҫ-буяуҙарының балҡышын һүрелдермәйенсә башҡа ерҙәргә, башҡа халыҡтарға шул көйө илтеп еткерә ала. Был яҡтан ҡарағанда әҙәбиәттең яҙмышы башҡасараҡ. Борон-борондан халыҡтарҙы бейек тауҙарҙан да, йырып үткеһеҙ урмандарҙан да, һәләкәтле сүлдәрҙән дә, ташҡын даръяларҙан да былайыраҡ бер кәртә – тел айырмаһы, тел барьеры бер-береһенән сикләп, айырып торған. Ләкин кешелек, яңынан-яңы тиҙлектәр яулап, етеҙҙәрҙән-етеҙ самолеттарҙа тауыш тиҙлегенән дә шәберәк осоп, тауыш барьерын үткәнгә тиклем күп мең йылдар элек үк һүҙ ҡаршылығын, тел барьерын, һөйләштәрҙәге айырманы еңергә өйрәнгән. Борон-борондан илдәрҙе илдәргә бәйләүсе, халыҡтарҙы бер-береһе менән таныштырыусы, алыҫ араларҙы яҡынайтыусы бөйөк сәйәхәтселәр, зирәк илселәр, сабыр каруансылар, ҡыйыу илгиҙәрҙәр менән, дөрөҫөрәге, уларға юл ярып, талмастар, тәржемәселәр, төрлө телдәргә маһир кешеләр барған. Тәржемә – бөйөк хеҙмәт, кешелектең үҫеш юлында иң хәл иткес күренештәрҙең береһе. Тәржемәнән тыш прогресты күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Аңлашыу, дөрөҫлөккә ирешеү өсөн аралашыу мотлаҡ. Халыҡтарҙың аралашыуы иһә иң элек тәржемәгә нигеҙләнә. Былар инде күптән аксиомаға әйләнгән, ләкин был хәҡиҡәткә күнегеү рухи хазиналарҙың телдән телгә күсеүенең әһәмиәтен һис кенә лә кәметмәй. Кешелек туплаған байлыҡ менән бәйләнеше нығыған һайын милләт көслөрәк була бара. Башҡаларҙың тәжрибәһенән дә өйрәнеү һәр халыҡтың ҡарашын киңәйтә, үҫеш юлында яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Тимәк, тәржемәгә ғәйәт ҙур вазифа йөкмәтелгән. Әҙәби тәржемә иһә айырыуса яуаплы, ҡатмарлы хеҙмәт. Хатта кескәй генә хикәйәне лә бер телдән икенсе телгә әйләндереүҙең ни тиклем ауыр эш икәнлеген быны үҙе башҡарып ҡараған кеше генә яҡшы аңлай. Рәми ғүмеренең байтаҡ ваҡытын ошо изге эшкә бирҙе. Йәш шағирҙың был өлкәләге тәүге тәжрибәләре Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарында башланды. Донъя шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен башҡортҡа башҡортса уҡытыр өсөн күпме көс түгәсәген алдан һиҙгәндәй, студент көндәлегенә ул ошондай һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы: «Ә тәржемә миңә иҫ киткес байлыҡ бирәсәк икәнлеген бик асыҡ күрәм! Иҫ киткес файҙалы эш. Бөтөнләй башыңа килмәгән һүҙҙәр эҙләйһең! Нәҡ үҙең яҙған һымаҡ. Үҙеңде үҫтереү, телеңде байытыу һәм үҙеңдә шиғыр культураһы тәрбиәләү өсөн тәржемә иң кәрәкле, иң файҙалы, иң ҡыҙыҡтырғыс һәм мауыҡтырғыс эш! Бынан кире был минең маҡсатым, девизым: «Тәржемә итеп өйрән, байы, тәрбиәлә үҙеңде» (18.03.52). Айырым ижадсы өсөн генә түгел, тотош әҙәбиәт өсөн программа булырлыҡ маҡсаттар ҡуйылған. Шағирҙың был уйҙары тормошҡа ашырыла башлай: «Үткән төндә Есениндың «Эт тураһында йыр»ын, Лермонтовтың «Аҡ елкән»ен тәржемә итеү ҙә, көндәрҙең матур булыуы ла, ә кис русса тәүге шиғыр яҙып ҡарау ҙа мине гел ҡанатландырып йөрөттө» (7.12.53). Тәржемә өсөн шиғырҙарҙың ниндәй юғары үрнәктәре һайланған. Әле Есенин уҡыу дәреслектәренә инмәһә лә, Рәми тәржемә өсөн иң элек уның шиғырын алған. Был үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Ә инде Лермонтовтың «Аҡ елкән»е мәктәп йылдарынан уҡ иң ауыр саҡтарында уға офоҡтарҙа ағарып күренә. Артабан Ғарипов-тәржемәсе нәҡ ошондай классик әҫәрҙәргә иғтибар итәсәк. Был ике шиғыр йәш автор өсөн тәүге тәжрибәләр булһа ла, иң юғары кимәлдә, башҡортсаға шиғри тәржемәнең классик миҫалдарынан булып ҡалырлыҡ дәрәжәлә эшләнгән. Был эшкә тотоноу Рәми өсөн баштан уҡ оло ижад мәктәбенә әйләнде. Үҙенең әҫәрҙәрендә ул һүҙҙең ошондай тапҡырлығына, һығылмалылығына әлегә бик һирәк ирешә ине. Тәржемәлә ҡойоп ҡуйған строфалар тыуҙырғандан һуң, шағир үҙенең яҙасаҡ шиғырҙарына тағы ла юғарыраҡ талап ҡуйырға тейеш ине, әлбиттә. Тәржемә эше шағирҙың һүҙ оҫталығына ирешеүенә һәйбәт йоғонто яһаны. Рус шағирҙарын тәржемә иткән ваҡытта русса шиғыр яҙыу теләгенең тыуыуы ла ҡыҙыҡлы хәл. Ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәттәре менән бәйләнеш, айырым әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү төрки донъяһында тарих төпкөлөнән килә. Рус әҙәбиәте менән бәйләнеш иһә ун туғыҙынсы быуаттан ғына башланды. Мәҫәлән, башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Пушкиндың йөҙ йыллығына «Баҡсаһарай фонтаны»н төркисәгә өйләндерҙе. Егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа рус әҙиптәрен башҡортсаға өйләндереүгә иғтибар артты. Бигерәк тә Пушкиндың һәләк булыуына йөҙ йыл тулыуҙы билдәләү СССР-ҙа дәүләт кимәлендәге мөһим сараға өйләнгәндә, 1936-1937 йылдарҙа уның бик күп шиғырҙары башҡортсаға тәржемә ителде. Был эште уңышлы башҡарыр өсөн хөкүмәт авторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышты. СССР Яҙыусылар союзы Пленумында сығыш яһап, Яҙыусылар союзы рәйесе Афзал Таһиров был осорҙа Башҡортостанда бөйөк рус шағирының ижадына бәйле матбуғатта меңдән ашыу материал баҫылды тип хәбәр итте. Пушкин шиғырҙарын башҡортсаға өйләндереүҙә ундан артыҡ шағир ҡатнашты. Ошондай ҙур көстәр менән башҡарылған эштәр шиғри тәржемәнең үҫешендә, уның абруйын күтәреүҙә тарихи ваҡиға булды тиергә мөмкин. Һуғыштан һуң был эш тағы ла йәнләнә төштө. Шулай итеп, Рәми Ғарипов илленсе йылдарҙың башында тәржемәгә тотонғанда, башҡорт шиғриәтендә был өлкәлә бер ни тиклем тәжрибә тупланғайны. Ләкин ныҡлы традициялар, оҫталыҡ мәктәбе әлегә ойошоп етмәгәйне. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ҡайһы бер уңышлы ғына миҫалдар булһа ла, рус теленән башҡортсаға шиғри тәржемәләр дөйөм алғанда юғары талаптарға яуап бирерлек сифатта түгел ине. Илленсе йылдарға тиклем донъя күргән тәржемә шиғырҙар араһында оҫталыҡ үрнәге итеп ҡуйырлыҡ миҫалдарҙы табыуы ҡыйын. Әле был юлда тәүге аҙымын атлағанда Рәми Ғарипов: «Мостафа ағайҙың тиктәҫкә генә тәржемә итмәгәне үҙемдең тәүге тәжрибәнән үк аңлашыла. Уның байлығының, һүҙ хазинаһының шишмәһе бына нимәлә икән ул!!!» – тип һоҡланып яҙһа ла, хатта Мостай Кәрим таланты ла тәржемәлә рус телендәге оригиналдар менән ярышырлыҡ йәүһәрҙәр тыуҙыра алмағайны әле. Руссанан башҡортсаға шиғри тәржемәнең тыуыу тарихы, үҫеү перспективаларынан ҡарағанда, Рәми Ғариповтың был йүнәлештәге эшмәкәрлеге яңы сифат юғарылығындағы оло ваҡиға булды. Шағирҙың 1958 йылда донъя күргән «Таш сәскә» исемле китабына ун өс шағирҙың егерме ике шиғыры инде. Башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем булмаған хәл тиергә мөмкин. Ләкин мәсьәлә һанда түгел, иң мөһиме – сифатта. Пушкин һәм Лермонтов – китаптағы шағирҙар исемлеге бына кемдәрҙән башлана. Ниндәй генә милләт шағирына мөрәжәғәт итһә лә, Рәмиҙең талапсан һүҙ маһирлығы береһенән-береһе камилыраҡ тәржемәләр тыуҙыра. Был бик яуаплы раҫлауҙы дәлилләр өсөн миҫалдар килтереү кәрәк. Һүҙҙе ҡыҫҡараҡ тотоу маҡсатында шиғырҙарҙың иң ҡыҫҡаларын һайлайыҡ. Бына Лермонтовтың «Ҡая»һы: Төн үткәрҙе кескәй алтын болот Күкрәгендә мәғрур ҡаяның, Һәм ашығып таңдан юлға сыҡты, Күңелле ел менән шаярып. Тик дымлы эҙ ҡалды йөҙ һырында Ҡарт ҡаяның. Әллә шунлыҡтан, Тора яңғыҙ, тәрән уйға сумып, Һәм тын ғына илай бушлыҡта. Лермонтовтың «Ночевала тучка золотая на груди утеса-великана» тип башланған шиғыры рус лирикаһына мәңге нурланасаҡ шедевр булып килеп ингән һымаҡ, Рәми Ғарипов тәржемәһендә был әҫәр башҡорт шиғриәтенә байлыҡ өҫтәне, башҡорт теленең яңы мөмкинлектәрен, яңыса яңғырашын асты. Рус телендә ижад ителгән бөйөк юлдарҙы башҡортса ла шуға бәрәбәр, шуға тиң көс менән әйтеп биреп була икән! Тәржемәсе таланты бына нимәгә инандыра, телдең хазиналарын бына нисек аса, уҡыусының телгә һәм шиғырға булған мөхәббәтен тағы ла нығыраҡ ҡанатландырып ебәрә. Бына Абайҙан дүрт юллыҡ: Дан-шөһрәт ул шундай бейек ҡая – Болоттарға йәйгән ҡоласын: Йылан уға тик шыуышып менә, Бер талпынып менә ыласын! Ҡаҙаҡ аҡынының бындай дүрт юллыҡ шиғыры юҡ. Был фекер Абайҙың бөйөк аҡыл эйәһе икәнлеген күрһәтеүсе «Нәсихәттәр»ҙә бар. Сәсмә рәүештә әйтелгән был һүҙҙәрҙе Ғарипов ҡанатлы шиғырға әйләндергән. Башҡорт телендә бындай сифатта ижад ителгән юлдарҙың тәржемә булыуы-булмауы төп мәсьәлә түгел. Улар милли шиғриәттең уртаҡ ҡаҙанышына әйләнә. Артабан шиғри һүҙгә талап ошондай әҫәрҙәрҙең дә сифаты менән билдәләнәсәк. Әҙәби тәржемәнең иң нескәһе, иң ҡатмарлыһы, иң ауыры – шиғри тәржемә. Бер телдән икенсе телгә күсергәндә оригиналға тиң шиғри яңғырашҡа ирешеү асылда хыял булып ҡына ҡала, сөнки икенсе телгә әйләндергәндә башҡа телдең моңон, аһәңен, тапҡырлығын, шул халыҡҡа ғына хас мәргәнлеген юғалтмай һаҡлап ҡара! Һүҙҙәрҙең яңғырашын башҡа телгә күсереп булмаһа ла, фекер үткерлеген, образдарҙың масштаблылығын, шағир шәхесенең үҙенсәлекле рухи донъяһын оҫта тәржемәсе икенсе тел мөхитендә лә барлыҡ көсөндә, балҡышында асырға һәләтле. Ғарипов үҙенең алдына шундай иң юғары маҡсаттар ҡуйып эшләне, шуға иреште. Ул үҙе тәржемә иткән шағир менән ижади ярышҡан һымаҡ сәмләнеп эшләне, ҡат-ҡат варианттар аша һаман камиллыҡҡа ынтылды. Шуға ла төрлө осорҙарҙа төрлө телдәрҙә яҙылған әҫәрҙәрҙең хуш еҫен, ҡайнарлығын башҡортса тәбиғи яңғырата алды. Тәржемә эшенә Рәми үҙ шиғырҙарына ҡараған кеүек, хатта унан да талапсаныраҡ ҡараны. Донъя әҙәбиәтендәге күпме ижад донъяһында ул сирек быуат буйына – илленсе йылдарҙың башынан алып ғүмеренең һуңғы мәленә тиклем йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе, бәғзеләренә остаздары күреп табынды. Рәми Ғарипов тәржемә иткән шиғриәттең ваҡыт һәм ара сиктәре бик киң. Һигеҙенсе быуатта йәшәгән ҡытай шағиры Ли Бо менән егерменсе быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында йәшәүсе авторҙар араһында мең йылдан артыҡ тарих ята. Араларҙы байҡаһаң, был шиғриәт донъяһының географияһы япон утрауҙарынан алып инглиз утрауҙарына, артабан Америкаға тиклемге киңлектәрҙе биләй. Үҙе башҡортсаға әйләндергән алтмыштан артыҡ шағирҙарҙың әҫәрҙәрен туплап, Рәми Ғарипов «Минең антологиям» тигән китап төҙөгәйне. Ғүмере буйы уны донъяға сығарырға хыялланды. Был йыйынтыҡҡа фарсы, үзбәк, ҡытай, япон, француз, немец, инглиз, латыш, украин, әрмән, әзербайжан, грузин, ҡырғыҙ, осетин, авар, сыуаш һ.б. милләт шағирҙарының тәржемәләре ингән. Рәми һәр милләткә ихтирам менән, тигеҙ ҡарай. Фажиғәле яҙмыш кисергән ҡырым татарҙарының әҙәбиәте хаҡында йүнләп һүҙ әйтелмәгән осорҙа ошо милләт шағиры Риза Хәмид менән аралаша, уның байтаҡ шиғырҙарын тәржемә итә. Тәржемә антологияһында төп урынды рус шиғриәте алып тора. Был бик яуаплы хеҙмәттең Пушкин менән Лермонтов шиғырҙарынан башланыуы осраҡлы түгел: был бейеклектәрҙе яулай алаһың икән, алға ышаныслыраҡ атлаясаҡһың. Рәми тәүҙән үк дәүмәлдәрҙең шундайын һайлай, юғарылыҡтың шундайына ынтыла. Ғүмере буйы тәржемәне ошолай ололау, уға әллә күпме ваҡытын сарыф итеү арҡаһында шағирҙың үҙенең яҙыласаҡ байтаҡ шиғырҙары яҙылмай ҙа ҡалғандыр. Ләкин бындай изге эштең шағирҙы һис кенә лә ярлыландырыуы мөмкин түгел. Сөнки ошо хеҙмәт аша тәржемәсе башҡа халыҡтарҙың аҡыл эйәләре, уларҙың күңел, зиһен хазиналары менән быуаттар аша фекер уртаҡлаша. Ошондай бәйләнештәр, йылдар, ҡитғалар аша «әңгәмәләшеүҙәр» Рәмиҙең күңелендә әллә күпме байрамдар, рух тантаналары тыуҙырғандыр. Уның юғары шиғри культураға, башҡорт әҙәбиәтендә классик үрнәктәрҙең береһенә әйләнгән ижади оҫталыҡҡа ирешеүендә тәржемәнең йоғонтоһо, йылдар буйына донъяның һүҙ даһиҙарынан даими өйрәнеүенең бәрәкәтле тәьҫире хәл иткес таяныстарҙан булды. Башҡорт шиғриәтенә тос байлыҡ өҫтәне. Башҡа халыҡтарҙың бөйөк шағирҙарын башҡортса «һөйләштерергә» ынтылыу һүҙҙе яңыса балҡытыу, туған телдең сикһеҙ һәләтен тулыраҡ асыу өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Ғарипов тәржемәләре әҙәбиәтебеҙҙе байытыусы мөһим ваҡиғаға әйләнде. Ғөмүмән, әҙиптең башҡа телдә баҫылып сығыуы тәржемә эшендәге сираттағы бер яңылыҡ ҡына түгел. Ҙур таланттар үҙ ерлеге менән сикләнмәй, бүтән халыҡтарҙың тормошонда ла ваҡиғаға әйләнә. Донъя әҙәбиәте тигән бөйөк хазина үҙе тотошлайы менән шундай уртаҡ байлыҡҡа әйләнгән күренештәрҙән тора. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа СССР-ҙа милли әҙәбиәттәр араһындағы бәйләнештәрҙең өр-яңы үҫеш этабы башланды. Элегерәк был процесс нигеҙҙә рус әҙәбиәтенең башҡа милли әҙәбиәттәргә йоғонтоһо йүнәлешендә барһа, хәҙер айырым милли әҙәбиәттәрҙәге күренештәр рус теленә тәржемә аша тотош ил ҡаҙанышына әйләнде, бөтә совет әҙәбиәтенә йоғонто яһарлыҡ көс тупланы. Бөйөк дәүләттең иң көнбайыш сиктәренән алып Чукоткаға хәтлемге араларҙа Василь Быковтан Юрий Рытхэуға тиклем миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәримдең, Сыңғыҙ Айтматов менән Ҡайсын Кулиевтың ижады тотош совет әҙәбиәтенең үҫешенә йоғонто яһарлыҡ ҡаҙаныштарҙан булды. Сыңғыҙ Айтматовтың повестары донъяның күпселек телдәренә тәржемә ителде. Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы СССР-ҙағы тиҫтәләрсә театрҙарҙан тыш сит ил сәхнәләрендә ҡуйылды. Элек дөйөм рухи әйләнештән ситтәрәк булған милли әҙәбиәттәрҙә тыуған айырым таланттар донъя бәйләнештәренә инерлек, үҙ мөхитенән, үҙ халҡынан ситтәге ижади процестарға ла йоғонто яһарлыҡ кимәлгә күтәрелде. 1965 йылда Рәсүл Ғамзатовтың «Дағстан йондоҙо» исемле шиғырҙар йыйынтығы башҡортса баҫылып сыҡты. Был китаптың донъя күреүе шул осорҙағы шиғриәтебеҙҙең үҫешендә иң тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде тип һис бер икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин. Авар шағирының исеме башҡорт уҡыусыларына быға тиклем дә таныш ине. Үҙенең ҡыйыу фекере, бер уҡыуҙа иҫтә ҡалырлыҡ образдары, поэтик асыштары менән ул бөтә ил күләмендә абруй яуланы. Һәйбәт тәржемәләрҙә тәрән йөкмәткеле бер китапҡа тупланып башҡортса нәшер ителгәс, Рәсүл Ғамзатовтың һүҙе алтмышынсы йылдар уртаһындағы башҡорт шиғриәтенең ижади эҙләнеүҙәр юлында хәл иткес көстәрҙең береһенә әйләнде. Әҙәбиәтебеҙең үҫеш юлында был китаптың тәьҫир көсө шул дәүерҙә башҡорт әҙиптәре яҙған иң уңышлы әҫәрҙәрҙең йоғонтоһо менән тиңләшерлек ине. Был йәһәттән «Дағстан йондоҙо» тигән ыҡсым ғына китаптың әһәмиәтен башҡорт мөхитендә Мостай Кәримдең, Нәжмиҙең, Ғариповтың алтмышынсы йылдарҙағы әҫәрҙәре менән тиң ҡуйырлыҡ. Ғамзатовтың туған телде яҡлап, һәр халыҡтың рухи хазиналарын һаҡлауҙы хәстәрләп әйткән ҡыйыу, тапҡыр һүҙе йөрәктәргә үтеп инде, шағирҙарҙы ла, уҡыусыларҙы ла бик ныҡ уйландырҙы. «Дағстан йондоҙо» китабындағы «Ер әйләнә икән», «Ракеталар оса йондоҙҙарға», «Йондоҙҙар», «Туған тел», «Мостай Кәримгә», «Ләғнәт», «Йыйылыштар», «Дағстан йондоҙо» исемле шиғырҙарҙы Рәми Ғарипов тәржемә иткән. Авар шағирының әҫәрҙәренән ул үҙенең рухына иң яҡындарын һайлап алған. Йыйынтыҡты төҙөүсе Рафаэль Сафин был баҫманы «Ер әйләнә икән» шиғыры менән башлап ебәрә, «Дағстан йондоҙо» менән йомғаҡлап ҡуя – был уңышлы композиция үҙе үк халыҡ һәм рух, ил һәм тел хаҡында әҫәрҙән әҫәргә үҫтерелә килгән төп лейтмотивты тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтә. «Туған тел» шиғырында Рәсүл бына ниндәй һүҙҙәр әйтә: Башҡаларға башҡа телдәр дауа, Тик ул телдә яҙмам ғүмергә. Әгәр иртән, телең юҡ, тиһәләр, Мин бөгөндән әҙер үлергә. Был юлдарҙы ваҡ милләттәрҙең киләсәге перспективаһыҙ, уларҙың телдәре бөтәсәк, СССР-ҙа барыһын да бер совет халҡына берләштереү мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ тигән саҡырыуҙар көсәйгән ваҡытта башҡорт уҡыусыһы башҡорт телендә уҡыһын әле! Уның кисерештәрен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Китаптың буйынан-буйына ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, был фекер иң аҙаҡтағы «Дағстан йондоҙо»нда ошондай көсөргәнешлеккә етә: Тик һуң ниңә беҙҙә бәғзе бәндә Вәғәз уҡый һаман ялҡытып: Бар халыҡҡа, имеш, күк йөҙөндә Етмәгәнме бер ай балҡыуы?.. Ни кәрәге, имеш, баш ватыуҙың, Ваҡ йондоҙҙар ҡасан ҙурайған? – Тоторға ла ошо мең йондоҙҙо Уҡмаштырыр кәрәк бер айға. Халҡыбыҙ аҙ, еребеҙ тар икән, Әйҙә шул ай нурын өләшһен. Йыр-шиғырға күрше тел бар икән, Бәй, шул телдә балаң һөйләшһен. Ҡайһы саҡта минең ғалим яҡташ, Тамаҡ ҡырып, гәпкә керешә. Ниңә усаҡ, имеш, әй, һантый баш, Ут һорап бар, әнә, күршеңә!.. Милли телдәрҙең, аҙ һанлы халыҡтарҙың өмөтһөҙ киләсәге хаҡында ғалим йораттарының мәғәнәһеҙ бәхәстәре ҡуйырғанда, Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙары тотош илде һиҫкәндереп кенә ҡалманы, бик күптәрҙең рухын нығытты, милләттәрҙең үҫеш перспективаларына ышанысын үҫтерҙе. Авар шағирының ошондай әҫәрҙәрен тәржемә итеү Рәми Ғарипов өсөн айырыуса ныҡлы рухи терәк булды, милләттәштәренә матбуғат аша еткереү иһә оло шатлыҡҡа, күңел байрамына әйләнде. Үҙенең «Туған тел» шиғыры өсөн ул күпме нахаҡ һүҙҙәр ишетте, «Ағиҙел» журналының редколлегия ултырышында «Аманат»ҡа юлды күмәкләшеп нисек бикләп ҡуйҙылар. Ләкин хаҡ һүҙҙәр ҙә донъяға ишетелеп тора, һирәк-һаяҡ булһа ла тураһын әйтеүселәр табыла. «Ағиҙел»дәге һөйләшеүҙә: «Нишләйһең инде, беҙ был хаҡта һүҙ күтәрә алмайбыҙ. Ваҡиғалар барышына буйһонорға тура килә. Йә уны баҫтырыр өсөн Ғамзатов булырға кәрәктер» тигән һүҙҙәр әйтелгәйне, аҙаҡ барыһы уйын-көлкөгә күскәйне. Телдең тамырын аҫтыртын ғына ҡороторға тырышыусыларҙың мәкерле эшмәкәрлеге бөтә илгә таралғанда шаян һүҙ һөйләр көнмө ни?! Ябырылып килгән хәүефкә ҡаршы оран һалыр заман бит! Ярай әле илдә Рәсүл Ғамзатовтың ауыҙын яба алмайҙар, Ленин премияһы лауреатына, СССР депутатына көстәре етмәйме? Тел хаҡындағы уның борсолоуҙарын башҡортса ишеттерә алыу ҙа үҙенсә бер йыуаныс Рәмигә. Йыуаныс ҡына түгел, кешеләрҙе уйландырыуҙың, милләт өсөн иң үҙәк мәсьәләне матбуғатҡа сығара алыуҙың бер сараһы. Рәми Ғариповтың «Аманат»ындағы юлдар ҙа бик хаҡлы әйтелгән, бер ниндәй яманлыҡҡа саҡырмай, телебеҙҙе-моңобоҙҙо һаҡларға ғына өндәй бит. Әммә шул һүҙҙәр юғарыла үҙенә һүҙ тейеүҙән ҡурҡып ултырған һиллек ҡарауылсыларын ғына түгел, тел өсөн янырға тейешле ҡәләмдәштәрҙе лә өркөтә. Шундай саҡтарҙа «Ләғнәт» шиғырындағы был һүҙҙәрҙе нисек ҡабатламайһың? Намыҫ заты һиңә йоҡмаһа, Ҡәһәрләйем вәхши ғәҙәтең, Әсәң телең һанға һуҡмаһаң, Ләғнәт һиңә, минең ләғнәтем! ...Ҡәһәр төшһөн алдаҡ – ялғанға, Ниндәй генә төҫкә кермәһен! Ил йолаһын ергә һалғанға Ләғнәт минән – күҙем күрмәһен! ...Баш эймәйсә тыуған тауҙарға, Башын эйһә кеше түрәгә, Мин әҙермен уны ҡарғарға, Маңлайына мылтыҡ терәргә. Үҙ әсәңдең барын онотоп, Хурлыҡ илтһәң ата йортона, Апай-һеңлең торһа ут йотоп, Ләғнәт минән һин ер ҡортона! Ғамзатовтың һүҙе бында мәргән ҡулы атҡан уҡ һымаҡ сәпкә тейә. Рәми Ғарипов тәржемәһендә был һүҙҙәр үҙ милләттәшең ғәҙелһеҙлектәргә нәфрәтләнеп әйткән һымаҡ ишетелә, бәғерҙәрҙе телеп үтә. Дағстан шағирының ҡыйыу фекере авар телен генә түгел, башҡорт телен дә яҡлай һәм һаҡлай. Авар шағиры менән башҡорт шағирын меңәр саҡрым аралар айырып торһа ла, туған телдәрҙең бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышын-хәстәрләү юлында улар фекерҙәштәргә, көрәштәштәргә әйләнә. 1970 йылдың март аҙағында Мәскәүҙә РСФСР яҙыусыларының III съезында теркәү ваҡытында Рәми Ғариповтың: «Исемлектә беҙ Рәсүл Ғамзатов менән йәнәшә булып сыҡтыҡ», – тип, ҡыуанып һөйләгәне хәтерҙә. Яҙмыш уларҙы тел һаҡлаусылар сафына ла бер ҡатарҙан баҫтырған. «Дағстан йондоҙо» исемле китапҡа яҙған инеш мәҡәләһен Назар Нәжми «Дуҫыбыҙ хаҡында һүҙ» тип атағайны. «Остаҙыбыҙ хаҡында һүҙ» тиһә, дөрөҫлөккә, моғайын, нығыраҡ тап килер ине. Был йыйынтыҡҡа ингән әҫәрҙәрҙе башҡортсаға ауҙарған ун өс шағирҙың ике-өсөнә генә Рәсүл менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу бәхете тейгәндер. Ә бына остаҙыбыҙ тип Рәсүл Ғамзатовты шул ваҡытта күпселек башҡорт шағирҙары ғорурланып әйтә алыр ине. Халҡым, телем тип йәшәгән шағирҙар өсөн ул бөгөн дә, киләсәктә лә зирәк, тура һүҙле остаз булып ҡаласаҡ. Ил, милләт яҙмышы өсөн иң үткер мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреү буйынса ла, фәлсәфәүи аҡылы, һүҙ маһирлығы яғынан да Рәсүл Ғамзатов ижады, уның шиғырҙарының башҡортса айырым китап булып таралыуы беҙҙәге шиғри фекерҙең үҫешенә, айырыуса йәштәрҙең алтмышынсы йылдарҙағы ижади эҙләнеүҙәренә көс өҫтәне. Был процеста Рәми Ғарипов тәржемә иткән шиғырҙар үҙәктә булды. Тимәк, тәржемә башҡа әҙәбиәттәрҙең иң күренекле әҫәрҙәре менән таныштырыу ғына түгел, ул – ижади фекерҙең үҫеүендә, милли эстетик зауыҡтың камиллашыуында өҫтәмә яңы импульс, ситтән килеп ҡушылған байлыҡ. Етмешенсе йылдарҙа Башҡортостанда Рәсәй, ҡаҙаҡ, украин, яҡут, ҡарағалпаҡ, татар, сыуаш, таулы алтай әҙәбиәте көндәре уҙғарылды, башҡорт әҙәбиәте көндәре шулай уҡ ошо республикаларҙа үтте. Был осрашыуҙар алдынан матбуғатта бик күп тәржемәләр баҫылды, йыйынтыҡтар донъя күрҙе. Улар араһынан икешәр ыҡсым ғына китап булып баҫылып сыҡҡан украин, ҡаҙаҡ әҙәбиәттәре антологияларын айырым атап үтергә кәрәк. Бер томға шиғырҙар, икенсеһенә проза тупланғайны. Башҡорт уҡыусыларының башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәте менән башҡортса тәржемәлә бындай киң күләмдә таныша алғаны юҡ ине әле. Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы тигәндәй, беҙгә килгән төрлө милләт әҙиптәре лә яуапһыҙ ҡалманы. Ҡайһы бер республикаларҙа, мәҫәлән, Ҡаҙағстанда башҡорт әҙәбиәтенең «Ағады Аҡидел» (башҡурт жазушыларының әңгемиләре) һәм «Сайра, сандугаш» (башҡурт аҡындарының өлиңдире) тигән ике томлыҡ йыйнаҡ ҡына антология 1976 йылда донъя күрҙе. Башҡа тарафтарҙа ла төрлө телдәрҙә башҡорт әҙәбиәте үрнәктәре нәшер ителде. Ошондай бәйләнештәр нығыраҡ үҫкән һайын һәр милли әҙәбиәттең тәжрибәһе арта. Бигерәк тә шағирҙарға үҙҙәренең оҫталығын һынау, һүҙ менән яңы шарттарҙа эшләп ҡарау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тыуа. Тәржемәсе башҡа милләт шағирҙарының фекерләү үҙенсәлектәре, образдар системаһы менән таныша, уларҙы юғалтмай һаҡларға, башҡорт теле мөхитенә тәбиғи индерергә тырыша. Башҡа халыҡтарҙың шиғри ынйылары милли шиғриәттең уртаҡ ҡаҙанышына әйләнә, образлы фекерләүҙең офоҡтарын киңәйтә. Шул уҡ ваҡытта бындай оло ваҡиғаларға – Башҡортостанда төрлө халыҡтарҙың әҙәбиәте көндәрен үткәреүгә әҙерлек йыш ҡына ашығыс кампания төҫөн алды, бигерәк тә шиғри тәржемәләр араһында үтә йомшаҡтары, ошо уңай менән генә үтеп киткәндәре лә байтаҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә, бигерәк тә Мәскәүҙә ул йылдарҙа ғәйәт яуаплы тәржемәсе хеҙмәтен йыш ҡына кәсепкә әйләндереп ебәрҙеләр. Мин берәй оло дата, мөһим осрашыу йәки юбилей уңайы менән үтә ҡабалан эшләнгән махсус баҫмалар тураһында ғына әйтмәйем. Был бик кәрәкле эште тик табышҡа әйләндергән, уны көйләнгән системаға һалып, сифатһыҙ продукция конвейеры тыуҙырған профессиональ тәржемәселәр барлыҡҡа килде. Бәлки, профессиональ тәржемәсе тигән һүҙ бында артыҡтыр. Донъя әҙәбиәтен рус теленә тәржемә иткән бөйөк профессионалдарҙың хеҙмәттәре тарихта мәңгелеккә ҡаласаҡ. Әлеге сифатһыҙ тәржемәләр конвейерын тыуҙырыусылар профессиональ кәсепселәр ине. Тәржемәне кәсепкә әйләндереүселәр беҙҙә лә булманы түгел. Тәржемәгә Ғарипов эш юҡтан эш булһын тип йәки еңел табыш итеп тотонманы, барлыҡ һәләтен, ғүмерен бирҙе. Төрлө сараларға арнап әҙерләнгән коллектив йыйынтыҡтарға инәсәк шиғырҙарҙы тәржемә итергә бик күптәр атлығып торғанда, Рәми унда ҡатнашырға ашығып барманы. Уның хәҙер классик үрнәктәргә әүерелгән, байтаҡ тәржемәләре әллә күпме йылдарға һуҙылған, ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтҡан эҙмә-эҙлекле хеҙмәт емеше ул. Тәржемәгә булған мөхәббәте шағирҙың донъяға ҡарашынан, йәшәү рәүешенән, уның интернациональ тәбиғәтенән, хәҙергесә әйткәндә, менталитетынан тыуғайны. Туған шиғриәтенең офоҡтарын нисек тә киңәйтергә ашҡынып йәшәгән шағир башҡорт уҡыусыларын донъя лирикаһының классик өлгөләре менән күберәк таныштырыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Хәҙер уйлайһың да, йөрәгең һыҙланып, тағы ла аптырап ҡуяһың: ғүмере буйы халыҡтар, әҙәбиәттәр дуҫлығы хаҡында хәстәрләп, үҙ милләтенә башҡа милләттәрҙең йөрәк тауышын, зиһененең нурын уларҙың шиғри ынйылары аша еткерер өсөн күпме йоҡоһоҙ төндәрен үткәргән, йәнен фиҙа ҡылып йәшәгән Рәмиҙе ниндәйҙер тарлыҡта, сикләнгәнлектә, хатта милләтселектә ғәйепләп, ҡыйырһытыр өсөн бәғзе бәндәләрҙең нисек намыҫы етте икән? Хәйер, намыҫ тураһында һорау был осраҡта урынлы ла түгелдер... Рәми Ғарипов бик ҙур тәржемә эше башҡарған шағир. Уның шиғри мираҫының байтаҡ өлөшөн – әлегә баҫылғандарының яртыһына яҡынын тәржемә әҫәрҙәре тәшкил итә. Төрлө милләт шағирҙарының әҫәрҙәрен совет илендәге бик күп әҙәбиәттәрҙә шул осорҙағы ныҡлы традиция буйынса Рәми рус телендәге баҫмаларҙан башҡортсаға әйләндерҙе. Шуға күрә уларҙы оригинал менән сағыштырыу мөмкинлеге юҡ. Был әҫәрҙәрҙең башҡорт теленең тәбиғәтенә ярашлы яңғырашы тураһында ғына һүҙ алып барырға мөмкин. Был йәһәттән Рәми Ғариповтың тәржемәләренә тел тейҙерерлек түгел. Уларҙың күпселеге башҡортса яҙылған һымаҡ йырлап тора. Рус шиғриәтенән тәржемәләргә килгәндә, сағыштырып ҡарау, компетентлы баһалау өсөн мөмкинлектәр етерлек. Русса оригинал менән сағыштырған һайын тәржемәсенең башҡортса шул тиклем тап килеп торорлоҡ һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе нисек табып еткереүенә хайран ҡалаһың. «Минең антологиям»а егерме биш рус шағирынан тәржемәләр ингән. Күпме строфаларҙы русса яҙылғандың башҡортса эквиваленты тиһәң дә, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Әле ҡыҫҡа ғына шиғырҙа ла эквивалент дәрәжәһендәге сифатҡа ирешеүе бик ҡатмарлы, ныҡышмалы хеҙмәт талап итә. Ҙурыраҡ әҫәрҙә бындай төгәллекте һаҡлауы, оригиналға тиң яңғыраш табыуы тағы ла ауырыраҡ. Рәми Ғарипов күләмле тәржемәләрҙе лә иң нескә, русса әйткәндә, филигран оҫталыҡ менән башҡарҙы. Мәҫәлән, Александр Твардовскийҙың «Ленин һәм мейессе» поэмаһын башҡортса уҡығанда уның русса яҙылғанлығы бөтөнләй онотола башлай. Тәржемәсе әҫәрҙең тәбиғәтенә шул тиклем үтеп ингән, уның моңон, еңелсә шаянлығын тамсы ла юғалтмаған, әйтерһең дә, башҡорт ерлегендәге ваҡиғалар тураһында башҡорт шағиры бәйән итә. Һүҙ ағышы нәҡ башҡортса булһа ла, тәржемәсе рус шиғыр төҙөлөшөнөң ҡанундарын боҙмай, поэманың башынан аҙағына тиклем сатраш рифма һаҡлана. Күпселектә икенсе һәм дүртенсе юлдарҙы рифмалаштырып яҙырға күнеккән башҡорт шағиры строфаны рус поэтикаһы талаптары буйынса ҡороуҙағы ҙур ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан. Миҫалға иң уңышлы урындарҙы килтерергә теләгәндә, строфаларҙың береһен һайлап алып, янындағыһын ҡалдырырлыҡ түгел: барыһы ла тәржемә оҫталығының үрнәге булырлыҡ. Рәми Ғарипов тәржемәләренең тыуыу тарихы төрлөсә. Мәҫәлән, Әҙәбиәт институтында Горькийҙың «Клим Самгин»ын уҡығанда Шеллиҙың «Озимандия» шиғыры хаҡында белә: «Клим Самгин Башҡортостан тураһындағы фекерҙәрен шул шиғырҙың һуңғы юлдары менән тамамлай» (5.04.55). Рәми был шиғырҙы Бальмонттың тәржемәһендә табып уҡый, аҙаҡ башҡортсаға әйләндерә. Ҡайһы саҡта яңы сыҡҡан китап Рәми Ғариповтың күңелен шул тиклем биләп ала: шатлығын башҡалар менән уртаҡлашҡыһы, шиғырҙарҙы тиҙерәк тәржемә иткеһе килә. 1973 йылда Михаил Дудиндың йыйынтығын уҡығас, Рәми былай тип яҙа: «Уның быйыл Мәскәүҙәге «Замандаш» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан («Шайтан таяғы», «Татарник» тигән) яңы китабы бер минең генә түгел, моғайын, бик күптәрҙең күңелен тетрәткәндер. Башҡортостандың, башҡорт әҙәбиәтенең күптәнге дуҫы, беҙҙең шиғриәтте бөтә Союз киңлегенә сығарышыуға күп көс һалған күренекле рус шағирының китаптары беҙгә айырыуса ҡәҙерле. Ә уның был китабындағы һәр шиғырҙы тиерлек «үҙеңдеке» итке килә. Мин уларҙың күбеһен «үҙемдеке» итмәйенсә, башҡорт теленә күсермәйенсә, «үҙ антологиям»а индермәйенсә булдыра алманым». Һәм ошо йылдың көҙөндә Дудиндың егерме алты шиғыры, башҡа телдә яңынан тыуып, башҡорт шиғриәтендә тулы гражданлыҡ хоҡуғы ала. Рус шағирын борсоған уйҙар уның башҡорт ҡәләмдәшенә лә тынғы бирмәй, улар ғәжәп яҡын, ауаздаш булып сыға. Һәр береһенә туҡталыу мөмкин түгел. «Утлы кисеү»гә иғтибар итәйек: Шиғырҙарым – яугир күҙ нурҙарым, Еңеүҙәрем, һыуҙар әсеүем, Яуған саҡта ҡурғаш ямғырҙары, Иңрәп ятҡан һыуҙар кисеүем!.. Ни көтә һуң һеҙҙе алыҫ ярҙа? Көйгән мейеләргә билдәһеҙ. Мүк-һаҙҙарҙан, ҡамыш-батҡылдарҙан Алда сығыр икән ниндәй һүҙ? Тик тереһең, тик тереһең, йырым, Сапҡын илткән һуңғы әмерҙәй, Хаҡлығыңды раҫлар өсөн бары Мин ҡорбанға әҙер хәҙерҙән... Бар утты һин күкрәгеңә алдың, Таң яҡтыһын ялғап төндәргә, Ғазап менән азат юлдар һалдың Үлем аша килгән көндәргә. Ошоға оҡшаш тойғоларҙы Рәми ҙә аҙ кисергәнме ни?! Ҡайһы бер шағирҙарҙы, мәҫәлән, Сергей Есенинды ул йылдар буйына ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтып тәржемә итте. Уны бөйөк рус шағирына килтергән юл еңелдән булманы. Әле Өфөлә интернатта уҡыған саҡта уҡ Республика китапханаһында Есениндың китабын һорап ҡараһа ла, төрлө сәбәп табып, бирмәйҙәр: мәктәп уҡыусыһы белергә тейешле исем түгел. Мәскәүҙә бындай тыйыу юҡ. Ләкин фажиғәле шағирҙың ижадын дөрөҫ аңлау башҡорт студентына еңел түгел. Дүртенсе курста көндәлегенә ул: «Ике Есенин бар. Тәүгеһе – кабак шағиры. Ауырыу, йонсоу. Коммунизм эпохаһының дошманы. Хулиган, бандит шиғырҙары яҙыусы – богема ҡалдығы, патриархаль кулак ауылының һуңғы йырсыһы. Бындай Есенин үҙенән һуң есенинщина ҡалдырҙы», – тип яҙғайны (30.03.54). Аңын томалаған бындай сикләүҙәр тарлығынан ҡотолғас, Рәми өсөн бөйөк рус лиригы ғүмерлек остаҙға әйләнде. Тәүге тапҡыр Ҡара диңгеҙ буйында ижад йортонда эшләгәндә уның яҙыу өҫтәлендә Есениндың китабы булды. «Эт хаҡында йыр»ҙан башланған эш туҡтап ҡалманы. Барлығы ҡырҡ биш шиғыр, йәғни, тотош йыйынтыҡ булырлыҡ күләмдә башҡортсаға әйләндерелде. Улар араһында рус шағирының үҫмер саҡтағы әҫәрҙәре лә, ҡан менән яҙылған һуңғы һигеҙ юллыҡ бәхилләшеү һүҙе лә бар. Атаҡлы «Фарсы моңдары» ла башҡорт уҡыусыһына оригинал менән ярышырлыҡ моң һәм аһәң солғанышында барып етте. Был шәлкем башҡорт шиғри тәржемәһендәге иң юғары бейеклектәрҙән һаналырға хаҡлы. Халҡының иң милли шағирҙарының береһе Есенин рус тәбиғәте, донъяны русса тойоу, аңлау менән шул тиклем ныҡ тоташҡан, был нескәлектәрҙе башҡа телгә юғалтыуһыҙ күсерер өсөн һүҙ тылсымына, сихри тел асҡысына эйә булырға кәрәк. Бындай шағирҙарҙы ғәҙәттә тәржемә ителмәй торғандар категорияһына индерәләр. Ғарипов, башҡа байтаҡ шағирҙарҙың ижад иленә юл һала алған һымаҡ, Есениндың да образдар донъяһына сихри тел асҡысын таба алды. Улай ғына ла түгел, рус шағиры уның фекерҙәшенә, рухташына, ауыр саҡтарҙа таянысына әйләнде. Мәҫәлән, тормошоноң ҡатмарлы бер араһында – 1972 йылдың февраль-март айҙарында Есениндың шиғырҙарын айырыуса күп тәржемә итте. «Ҡыҙымдың тыуған көнөнә – 13 мартҡа – Есениндың «Фарсы моңда-ры»нан 13 шиғырын тәржемә итеп бөттөм... Ҡыҙымдың 16 йәшенә тиклем йәшәйһе ине. Бүләк итер инем 16 шиғыр...» (13.03.72). «Мәрйәм апайҙарға барып, Есенинды уҡыным. Надя – русса, мин – башҡортсаһын. Тәржемәләр бик оҡшаны. Гүзәл менән егете Валерий ҙа тыңланы... Берҙән-бер юл – эш. Эш менән генә беҙ көслөбөҙ!..» (1.04.72). Быны «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан китергә мәжбүр булған кеше яҙа. Шағир өсөн эш урыны редакция өҫтәле менән сикләнмәй. Уның яҙмыш тарафынан бирелгән, бер кем тартып ала алмаҫлыҡ ғүмерлек хеҙмәте бар – ижад. Уның биләмәләре сикһеҙ, кәңәшләшер шәхестәре әллә күпме. Есенин шуларҙың иң яҡындарынан. Унан өйрәнеү, уны тулыраҡ аңларға тырышыу йылдар буйына дауам итә. «Есенин һәм депрессия. Төнө буйы йөрәк сәнсеп сыҡты. Көндөҙ йүнләп бер ни ҙә эшләп булманы. Кискә табан ғына «Табун» шиғырын бер хәлгә килтереп ҡуйҙым. Унан «Отговорила роща золотая» һәм «Не бродить, не мять в кустах багряных» шиғырҙарын 1965 йылғы варианттарынан яңынан эшләп сыҡтым. Ул саҡта әле мин Есенинды бөгөнгәсә тойоп еткермәгәнмен икән» (2.04.72). Һөйләште лә тынды алтын сауҡа Үҙенең шат, ҡайын телендә. Торналар ҙа оса йылы яҡҡа, Йәлләп тормай һис ни илендә. Кемде йәлләргә һуң? Һәр кем шулай Килә, китә, өйөн ҡалдырып. Тик тармалар менән бер тулған ай Ҡарап ҡала барыһын, ҡаңғырып. Ҡарап торам мин дә буш туғайҙа Торналарҙы елдәр ҡыуғанын. Шат йәшлегем генә бары уйҙа, Йәл дә түгел ергә тыуғаным. Йәл дә түгел бушҡа үткән йылдар, Йәл дә түгел күңел гөлдәрем. Яна әле, ана, ут-баландар, Тик йылытмай ялҡын телдәре. Бөтмәй әле янып тәлгәштәре, Ҡыуарһа ла, ҡалыр үләндәр. Тын ҡыйғандай ағас күҙ йәштәрен, Мин дә ҡоям моңһоу үләңдәр. Әгәр заман, бер өйөмгә өйөп, Уларҙы ла түкһә ел менән, Әйтегеҙ тик алтын сауҡа, тиеп, Яҙып ҡалды алсаҡ теленән... Тәржемәнең аҙағына: «3.Х.65 – 3.IV.72» тип ҡуйылған. Бер шиғырҙы тәржемә итеү ошолай оҙаҡ барған. Берәй дата йәки сара алдынан ашыҡ-бошоҡ ҡына эшләгән осраҡтарҙа рус шиғырының ошолай тәбиғи яңғырауы икеле. Мәсьәлә, бәлки, тиҙ арала йәки күп ваҡыт түгеп тәржемә итеүҙә лә түгелдер. Төп хикмәт башҡа телдәге шиғри фекерләүҙең асылына үтеп инеү, уның үҙенсәлектәрен тәрән аңлау, башҡорт телендә шуларға бәрәбәр һүҙ байлыҡтары табыу һәләтендә бит. Бына был шиғырға ла Рәми Ғарипов яңынан әйләнеп ҡайтҡан, ете йылдан һуң уның матурлығына нығыраҡ һоҡланған: Йөрөмәм инде, иҙмәм ал ҡыуаҡты, Эҙләһәм дә тапмам әҙеңде. Төштә генә күрҙем мин ул саҡты, Һоло сәс көлтәһен үҙеңдең. Шәфәҡтең ал уты ике йөҙөң, Еләктең ал һуты – иренең. Күктең ҡото ине ике күҙең, Һылыулыҡта, наҙҙа бер инең. Күҙ емдәрең шиңгән саҡтарында Исемең дә, иреп, юҡ булды. Тик таушалған шәлең ҡаттарында Бал еҫтәре ҡалған ҡулыңдың. Таң һыҙылып, бесәй балаһындай, Өй башында битен йыуғанда, Һинең хаҡта йырлап сайпылғандай Һыу ҡыҙҙары моңһоу йылғамда. Бышылдаһа ҡайсаҡ күкшел төндәр, Ул хыялың, йырың ине тип, Шулай ҙа мин ул һыныңды кемдәр Уйлап тапты икән һинең, тим... Йөрөмәм инде, иҙмәм ал ҡыуаҡты, Эҙләһәм дә тапмам әҙеңде. Төштә генә күрҙем мин ул саҡты, Һоло сәс көлтәһен үҙеңдең... Берлинда ошо шиғырын Сергей Есенин уҡығанда Горький хайран ҡалып тыңлаған, был шағирҙы «тәбиғәтте һиҙгер тойоусы орган» тип атаған. Әгәр ҙә бөйөк яҙыусы башҡорт телен белһә, Рәми Ғариповтың тәржемәһен ишетһә, моғайын, тағы ла бер ҡат һоҡланмай ҡалмаҫ ине. Дөрөҫ, ҡайһы бер тәржемәләрҙә рус шағирын Ғарипов артыҡ башҡортлаштырып ебәрә. Шул рәүешле рус булһа ла, «көтөүсе малай һыҙҙыра ҡурай». Йәки «Бәхет юрап беҙгә ал таңдар, ҡыҙыл намаҙлыҡмы йәймәгән?» тигәндә, намаҙлыҡ рус тормошона йәбешеп етмәй. «Проскакал на розовом коне» тигән күренеште «Сабып үттем аҡбуҙ атымда» тип алыу бәхәсле хәл, ә инде «В старомодном ветхом шушуне» тигәндең «Иҫке еләнеңде кейенеп» булып китеүен ҡабул итеүе бөтөнләй ҡыйын. Ҡайһы бер милли деталдәрҙе икенсе ерлеккә күсереп булмай. Тәржемәлә ундай миҫалдар осрап ҡуя. Бына бер рус малайының һөйләгәнен башҡортсаға әйләндергәндәре: «Тағы туҡтаным, тағы Лев Николаевичҡа ҡарайым. Ул йылмая, башҡорттар ҙа йылмая. Мин үҙ алдыма: «лә илаһи иллә алла», – тип уҡынам». Рус кешеһе ҡапыл мосолман доғаһы уҡый башлай («Лев Толстой башҡорттар араһында». Өфө, 1970, 49-сы бит). Есениндың шиғырҙарын башҡортса айырым китап итеп сығарырға Рәми күптән хыяллана, әммә ҡулъяҙма нәшриәттән ары китмәй. Был хаҡта әҙәбиәт бүлеге мөдире Агиш Ғирфановҡа: «Һеҙгә бер һүҙ әйтеп тораһың, ә һеҙ бөтөнләй икенсе нәмә уйлап ултыраһығыҙ. Есенинды ана ҡасан килтереп бирҙем, ә ул һаман ята. Ә планда булмаған ҡайһы бер нәмәләр шунда уҡ сығып китә», – тигәс, һөйләшеү былай дауам итә: «Шунан һуң был (Агиш Ғирфанов – Р.Б.) Рифтән Есениндың тәржемәләрен һорап алды. — Заключение бармы? – ти. — Шунда уҡ яҙып биргәйнем бит, – тип Риф Мифтахов үҙенең заключениеһын килтереп сығарҙы. Агиш уҡып ҡараны ла заключение 1972 йылдың сентябрендә үк яҙылған булып сыҡты. — Хәҙер һуң инде, 1975 йылдың планы обком тарафынан раҫланған. Уны бит беҙ үҙгәртә алмайбыҙ, – тип, 1976 йылғы планға индереп ҡуйған булды. Шунан Есенин рус шағирымы, совет шағирымы тип баш ватып ултырҙы. Ҡайҙа индерергә: рус классикаһынамы, совет классикаһынамы? Мин: — Рус совет классикаһына, – тигәс, шулай тип яҙып ҡуйҙы. – Алдағы йылды Есениндың 80 йыллығы буласаҡ, шуға күрә 75 йылға индерергә кәрәк ине. Таш төшкән ерендә ауыр бит, – тинем. — Есенинды үткәреү бик еңел түгел, есенинщина булғанлығын беләһең бит, – ти был. — Ул бит булған да үткән. 20-се йылдарҙа уҡ. Хәҙер Есенинға ундай ҡараш күптән үтте бит, – тим. – Булған заманы, Есенин шиғырын уҡыған өсөн генә лә комсомолдан сығарғандар. Ә хәҙер ул дәреслектәргә инеп бөткән һ. б. Ләкин был әҙәмгә бер ниҙе лә йүнләп аңлатып булмай. Әллә ул ысынлап та наҙан, әллә белмәмешкә һалыша!.. Ғәжәп!.. Күрәһең, әҙәбиәткә «артҡы ишектән» килеп ингәндәрҙең тәбиғәте шулайҙыр инде...» (17.06. 74). Әгәр ҙә нәшриәттең әҙәбиәт бүлеге мөдиренә ликбез кимәлендәге шундай ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе аңлатырға тура килә икән, шул саҡтағы ижад итеү, китап сығарыу ауырлыҡтарын, был мөхиттәге сәйер яҡтарҙы күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Әммә 1974 йылдың 17 июнендәге был яҙмалар ошондай оптимистик рухта тамамлана: «Шулай ҙа 1977 йылға «Минең антологиям»ды (6 табаҡ), 1978 йылға үҙемдең тотош һайланмаларҙы яҙҙырып сыҡтым (7 табаҡ)». Әҙәм балаһына ышаныс менән өмөт тигән изге тойғолар көс бирә, уны мөхәббәт ҡанатландыра. Рустар кешенең был мәңгелек таяныстарын «Вера, Надежда и Любовь» тигән берлеккә бик тапҡыр берләштергән. Доға ҡабатлауҙан иҫкермәгән һымаҡ, әлеге өс һүҙҙән торған аксиома йәшәйештең асылы хаҡында донъяла әйтелгән иң ҡыҫҡа билдәләмә түгелме икән? Әгәр әҙәбиәт, шиғриәт ышанысына, иманына әйләнмәһә, кәрәкле һүҙенең кешеләргә барып етәсәгенә өмөт итмәһә, халҡына, теленә тоғро һөйөү менән янмаһа, тормошондағы ҡатмарлы хәлдәрҙән Рәми нисек йырып сыға алыр ине? Әле лә ул ниндәй яҡты уйҙар менән илһамлана, бер-бер артлы китаптарының баҫылып сығырына өмөтләнә. Ләкин 1976 йылда Есениндың Рәми көткән башҡортса йыйынтығы ла, 1977 йылдың планына яҙҙырып сыҡҡан «Минең антологиям» да, 1978 йылда үҙе әйткәнсә, «тотош һайланмалар» ҙа донъя күрмәйәсәк. Шул өсәүҙең, исмаһам, береһен генә ҡулына алып ҡыуаныу насип булмаясаҡ. Уның ҡарауы төрлө төҫһөҙ яҙмалар план буйынса ла, нәшриәттең планынан тыш та баҫылып торасаҡ, ғибрәт булырҙай бәғзе берәүҙәре, үрнәк итеп маҡталып, юғары премиялар алыуға ирешәсәк. Ә өмөтләнеп көткән өс китабынан һис юғында береһенең сыҡҡанын күрә алмайынса 1977 йылдың февралендә Рәми Ғарипов яҡты донъяларҙан китеп барасаҡ. Быларҙы ул әле ҡайҙан ғына белһен? Ҡайһы саҡта бәндә шул белмәүе менән бәхетлелер... Донъя шиғриәтен башҡортсаға әйләндереү буйынса Рәми Ғарипов иң күп көсөн, ваҡытын мәшһүр фарсы-тажик шағиры Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарына бирҙе. Был эште ул етмешенсе йылдарҙа эҙмә-эҙлекле, ҙур тырышлыҡ менән алып барҙы. Тәржемә ителгән робағиҙар һаны артҡандан-артты: 1972 йылда— 1, 1974 – 2, 1975 – 73, 1977 йылда – 210, ә 1977 йылдың ғинуар – февралендә 40, бөтәһе 326 дүрт юллыҡ башҡортсаға әйләндерелде. Ғүмәр Хәйәм тураһында ҡыҫҡаса белешмә: 1048 йылда Нишапур ҡалаһында тыуған, шунда уҡ 1122 йылда вафат булған. Байтаҡ ғүмерен Бәлхе, Сәмәрҡәнд, Исфаған ҡалаларында йәшәгән. Математика, философия өлкәһендә бөйөк хеҙмәттәр тыуҙырған. Ләкин донъяға ул Шәреҡтең иң популяр шағирҙарының береһе булараҡ танылған. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән, исеме легендаға әйләнгән. Биш меңләп робағиҙы уныҡы тип һанаусылар булһа ла, тикшеренеүселәр уның авторлығында дүрт йөҙләп кенә дүрт юллыҡ ижад ителгән тип иҫәпләй, ә ҡайһы берәүҙәр боронғо ҡулъяҙмаларҙағы алтмыш алты робағиҙы ғына икеләнеүһеҙ Ғүмәр Хәйәмдеке тип раҫлау яғында. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары дүрт кенә юлға ғәйәт тәрән фәлсәфи фекер һыйҙыра алыуҙары буйынса донъя лирикаһында тиңдәшһеҙ күренеш. Уҡыусыларҙың зауыҡ-ҡараштары бер-береһенән ныҡ айырылған кеүек, Хәйәм тигән аҡыл эйәһен аңлауҙары ла төрлөсә. Ул күңел асыуҙы, шарап әсеүҙе данлаусы тигән ҡараш киң таралған. Был шағирҙы байтаҡтар бары шул рәүешле генә аңлай. Ысынлап та, бына бындай юлдар кеше күңеленә тиҙерәк үтеп инә: Был кәсәлә – мәңгелектең эсемлеге, – эс әле! Был донъяның күскән уға әселеге – эс әле! Яндырһа ла тамаҡты ул, аҡҡан һыуҙай, бар ҡайғыны Йыуып алып китерлектер көслөлөгө – эс әле! Икенсе бер робағиҙағы күренеш тә күптәрҙе арбап алырлыҡ: Бер ҡулыңда – сихәттәре бөтмәҫ кәсә, Бер ҡулыңда – йәр сәстәре хуш еҫ сәсә, Ултыра бир, донъя ғәмен бар тип белмәй, Сәхрәһендә бәхетеңдән иҫермәйсә. Быныһы әле самаларҙан ул тиклем сыҡмайынса әйтелгән. Тормошҡа бөтөнләй ҡул һелтәр сиккә еткән саҡтар ҙа юҡ түгел: Эсеп алһаң, бөтә ҡайғың онотола, Дошманыңдың талағына ҡаны тула. Ниндәй файҙа айнығыуҙан? – Юҡ-бар уйҙан Йөрәккә тик фани донъя моңо тула. Ләкин Ғүмәр Хәйәм робағиҙарында шарап был яҡты донъяларҙың фанилығын нығыраҡ аңлатырға тырышыуҙың бер сараһы ғына ул. Кеше ғүмере бык ҡыҫҡа, үтер юлы үтә лә сикләнгән – йәшәйештең һәр мәлен әҙәм балалары нығыраҡ ҡәҙерләһен ине. Бына нимәләр хаҡында иҫкәртә дүрт юллыҡтар. Ер йөҙөндәге бер генә йән эйәһе лә, батша ла, даһи ҙа мәңгелек түгел. Уйлап ҡараһаң: Был саң да бит теп-тере бер бөртөк булған, Ҡара толом йәки оҙон керпек булған. Һаҡ ҡына һөрт ул саңды һин, – кем белә һуң, – Әллә Зөһрә миңендәге бер төк булған? Йәшәйештең асылын, ғүмер тигәндәренең мәңгелектән бер мәл генә икәнлеген бөтә йөрәктән кисереүҙән, тәрән аңлауҙан башҡа түбәндәге юлдар тыуыр инеме? Эй, сүлмәксе! Күпме шулай һин көлмәксе, Көлгән төҫлө мәхлүгенән бер үрмәксе? Һин бит, ахмаҡ, ҡул тәлгәшен Фәридундың Тәгәрмәскә һалып шулай өйөрмәксе!.. Ҡайҙа ғына барһа ла, ошо күренештәр күҙ алдынан китмәй: Ҡарап торҙом эшен кисә сүлмәксенең, Бар тип белмәй атын-затын дәү-кесенең. Яһай бирә сүлмәктәрен баш-ҡулынан Бөйөк шаһтың, һәр берәҙәк эскесенең!.. Ғүмәр Хәйәм әсеүгә өндәмәй, йәшәүҙең бөйөклөгөн данлай. Ул төрлө яһалма ҡалыптарҙы емерергә саҡыра, шәхес азатлығын яҡлай, кеше рухын иҙеүсе дини фанатиктарҙы фашлай: Эй, һин мөфтөй, һүҙең эштән алыҫыраҡ: Ләх булһаҡ та, беҙ бит һинән айнығыраҡ. Беҙ әсәбеҙ – йөҙөм, ә һин – әҙәм ҡанын, Уйлап ҡара: ҡайһыбыҙ һуң ҡанһыҙыраҡ?.. Мөфтөйгә лә тел тейгеҙеү шағирҙың дәһрилеген аңлатмай. Аллаға инаныу дини догмаларҙы һис бер фекерһеҙ һуҡыр рәүештә ҡабул итеү тигән һүҙ түгел. Заманында «Юҡтырһың да, алла» тип, ғәҙелһеҙлектәрҙән аптырап әйткән шик-шөбһәләре өсөн Ғафуриға әллә күпме бәддоғалар яуҙырылһа ла, ул аллаһыҙ, иманһыҙ мөртәткә әйләнмәгәйне, әлбиттә. Бабичтың «Әллә алла, әллә иблис алдалай» тигән ул дәүер өсөн ҡыйыу һүҙҙәрен дә һис кенә лә диндән ваз кисеү тип нарыҡлап булмай. Хәйәм дингә ҡаршы күтәрелмәй, дини йөҙлөк ҡапланып енәйәт эшләүселәрҙең йөҙлөгөн аса. Гонаһһыҙ булып ҡыланыусыларҙы шағир үтәнән-үтә күрә: Эскесе, тип битәрләмә туғаныңды, Енем һөймәй ялған менән тулғаныңды. Эсмәйем, тип лаф орһаң да, белеп торам, Мәйҙән хәтәр мең боҙоҡ эш ҡылғаныңды!.. Ғүмәр Хәйәм өсөн йәшәйештең мәғәнәһе күңел асыу һәм еңел ләззәттәрҙән бигерәк кешене сафландырыусы һөйөүҙә: Мәңгелектең ут-ҡояшы – мөхәббәт ул, Йәшеллектең бәхет ҡошо – мөхәббәт ул, Юҡ, түгел ул былбыл йыры, күңел зары, Аһ та итмәй үлһәң, ошо – мөхәббәт ул! Ғүмәр Хәйәмдең фәлсәфи робағиҙарында мотивтар күп төрлө, кисерештәр әле күтәренке, әле бойоҡ, шағир берсә уйсан, берсә сая. Ғүмеркәйе ҡайһылай ғына фани булһа ла, ғәҙелһеҙлектәр уны төрлө яҡтан күпме генә талаһа ла, ҡайһы саҡта гонаһтарға юлыҡһа ла, кеше – донъялағы илаһи зат. Дүрт юллыҡтарҙағы күп яҡлы уй-кисерештәр бына ошо төп хәҡиҡәтте төрлө яҡлап тәрәнәйтә. Был ғаләмдең маяҡ ташы, бейек тә – беҙ, Аң-ғалемдең шишмә башы, бөйөк тә – беҙ, Йыһан үҙе түңәрәк бер йөҙөк булһа, Шул йөҙөктөң алмас ҡашы, әлбиттә – беҙ! – Ғүмәр Хәйәмдең үткер ҡарашы кешенең ижадсы һәләтен ошондай космос киңлектәрендә кәүҙәләндерҙе. Гармонияны, шәхес азатлығын төрлө схоластик ҡараштарҙан өҫтөн ҡуйыусы робағи оҫтаһы Шәреҡтең Рудаки, Хафиз, Жәми, Сәғҙи, Руми, Науаи һымаҡ йондоҙҙары араһында үҙенең ҡабатланмаҫ нуры менән балҡый, әҫәрҙәре донъя лирикаһы хазинаһына ингән. Хәйәм робағиҙарының Ғарипов тәржемәһендә баҫылып сығыуы башҡорт әҙәбиәтенә ҙур байлыҡ өҫтәне, философик лириканың үҫеүенә көслө йоғонто яһаған оло ваҡиға булды. 1977 йылда Башҡортостанда уҙғарылған совет әҙәбиәте көндәрендә ғилми-теоретик конференцияла сығыш яһап, шиғри тәржемә өлкәһендәге был ҡаһарман эшмәкәрлекте Әхиәр Хәкимов ошолай баһалағайны: «Арабыҙҙан шул тиклем иртә киткән Рәми Ғариповтың фиҙаҡәр хеҙмәтен иҫкә төшөрмәй үтә алмайым. Талантлы шағир, туған телде тәрәндән белеүсе булыуҙан тыш, ә, бәлки, нәҡ шуға күрәлер ҙә, Рәми башҡа халыҡтарҙың телдәренә һәм мәҙәниәттәренә бөйөк хөрмәт менән ҡараны. Беҙ барыбыҙ ҙа уның Есениндан, Блоктан классик, ҡойоп ҡуйған тәржемәләрен, Ғүмәр Хәйәмде башҡортсаға әйләндергәнен хәтерләйбеҙ. Минең ҡарашымса, бер кем дә, бер ҡасан да, бер телгә лә Ғүмәр Хәйәмде Рәми Ғариповтан да яҡшыраҡ тәржемә итә алғаны юҡ. Һәр хәлдә, мин үҙем белгән, бөйөк Хәйәмдән үҙем уҡырға тура килгән тәржемәләр буйынса фекер йөрөтәм. Уның эшен лайыҡлы баһалау башҡорт тәнҡитселәренең намыҫында. Рәми Ғариповтың шиғриәте һәм тәржемәләре шулай уҡ башҡорт мәҙәниәтенең иң юғары ҡаҙаныштарынан». Рәми менән илленсе йылдарҙан уҡ яҡын дуҫ булып, ижади аралашып йәшәгән, СССР-ҙағы әҙәби мөхиттең уртаһында ҡайнаған, оҙаҡ йылдар ул замандағы иң абруйлы баҫма «Литературная газета»ның бүлек мөдире, редколлегия ағзаһы булып эшләгәндә күпме бөйөк шәхестәр менән фекер алышҡан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, киң эрудициялы, уҡымышлы, һиҙгер һүҙ оҫтаһы Әхиәр Хәкимдең бындай юғары баһаһын алыу бик-бик һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшкән бәхет. Рәми Ғарипов ҡәләмдәшенең, фекерҙәшенең ошондай ҙур хөрмәт һүҙҙәренә тау-тау эштәр атҡарып, үҙенең йылдар буйына һуҙылған титаник хеҙмәте арҡаһында лайыҡ булды. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын ныҡлап башҡортсаға әйләндерергә тотонғанға тиклем шағирҙың ижадын, тормошон ентекле өйрәнә, русса тәржемәләрҙе сағыштырып ҡарай, үзбәксә, башҡа телдәрҙә сыҡҡан баҫмалар менән таныша. Робағиҙарҙың фарсыса яңғырашын тыңлар, Хәйәм йәшәгән ерҙең һауаһын һулар, халҡының рухын аңлар өсөн 1975 йылдың август-сентябрь айҙарында Ташкентта, Сәмәрҡәндтә, Бохарала була, бер нисә көн Дүшәмбелә йәшәй, китапханаларҙа эшләй, Нурек ГЭС-ындағы яңы диңгеҙҙә йөҙә. Әйткәндәй, Үзбәкстанға һәм Таджикистанға шағирҙың юлы Мәскәүҙән башлана, был сәйәхәтте матди яҡтан ойоштороусы, командировка юллап биреүсе дуҫы Әхиәр Хәкимов була. 1977 йылдың ғинуарында Рәми Ғарипов икенсе ҡат Урта Азияла – Ашхабадта төрөкмән шағиры Сәғҙиҙең 200 йыллығында йөрөп ҡайта. Шағирҙың беҙҙә тиңдәше булмаған бай архивында (был яҡтан уның ижадын Риза Фәхретдиновтың мираҫы менән генә сағыштырырға мөмкиндер) ҡаты тышлы ҡалын ҡулъяҙма том һаҡланған. Унда Рәмигә хас йыйнаҡлыҡ, уңғанлыҡ менән робағиҙарҙың таблицаһы, О. Румер, Г. Плисецкий, В. Державин, И. Сельвинский һ.б. тәржемәләре. Һәр биттә русса бер нисә вариант, ҡайһы бер урындарҙа Рәмиҙең 4-5 тәржемәһе, аҙаҡ килеп, башҡортса иң камил тип һаналғаны, был дүрт юллыҡ буйынса эш тамамланған дата. Бөтә 326 робағи буйынса ни тиклем теүәллек, тырышлыҡ менән тикшеренеүҙәр үткәрелгән – үҙе бер ғилми хеҙмәт! Бына ниндәй күләмдәге эҙләнеүҙәр, сағыштырыуҙар, төрлө варианттарҙа башҡортсаға өйләндереүҙәр, был томдың бер урынында әйтелгәнсә, «әүерелдереүҙәр» һөҙөмтәһендә тыуған икән Хәйәмдең донъя әҙәбиәтендәге иң яҡшы тәржемәләренең береһе. Ғариповтың был өлкәләге эшмәкәрлеге махсус ғилми тикшеренеүҙе талап итә. Шуныһы үтә үкенесле: башҡорт әҙәбиәтендә шиғри тәржемәне профессиональ башҡарған, өр-яңы кимәлгә күтәргән һүҙ оҫтаһына алтынды бөртөкләп йыйған шикелле нисәмә йылдар берәмтекләп туплаған «Минең антологиям» тигән хеҙмәтен дә, Есениндың шиғырҙарын да, Хәйәмдең робағиҙарын да айырым китап итеп күрергә насип булманы. Нәшриәттәге бәғзе етәкселәрҙе есенинщина ҡурҡытты, Хәйәмде эскелекте пропагандалаусы тип баҫманылар. Нәшриәт директоры: «Беҙ психбольницалағы кешенең шиғырҙарын китап итеп бер ҡасан да сығармаясаҡбыҙ!» – тип, шиғриәттең даһийы Рәшит Назаровтың шиғырҙарын ҡат-ҡат кире ҡайтарған заманда башбаштаҡтарҙан ниндәйҙер яҡшылыҡ көтөргә мөмкин инеме һуң? «Минең антологиям» шағирҙың үлеменән һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, минең баш һүҙ менән 1990 йылда, Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары Ғайса Хөсәйеновтың инеш мәҡәләһе менән 1992 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡты. Бындай осраҡтарҙа хәҡиҡәт барыбер тантана итте тиҙәр. Был юлы ла шулай булды. Ошолай тип әйтә алыу ҙур ҡыуаныс килтерһә лә, ҙур ғәҙелһеҙлектәр ҡылғандарҙың, шағирҙы нахаҡҡа рәнйеткәндәрҙең гонаһтарын һис кенә лә кәметмәй. Тәржемәсе Рәми Ғарипов тағы бер бөйөк эш башҡарҙы: 1969 йылда «Зөһрә менән Алдар» эпосын руссанан башҡортсаға ҡайтарҙы. «Мои вечера. Сказки башкирские» тигән ҡулъяҙманы рус яҙыусыларының Башҡортостан тураһындағы әҫәрҙәрен өйрәнеү, томдарға туплап баҫтырыу буйынса күп хеҙмәттәр күрһәткән Морат Рәхимҡолов 1961 йылда Ленинградтағы М. С. Салтыков-Щедрин исемендәге Халыҡ китапханаһы фондында табып ала. Ғалимдар был әҫәрҙең Ҡазанда 1812 йылда рус телендә баҫылып сыҡҡан «Ҡуҙыйкүрпәс»тең дауамы булыуын, шул уҡ Тимофей Беляев тарафынан тәржемә ителгәнлеген раҫлай. Әҫәр русса тәржемәлә «кистәр» рәүешендә төҙөлгән, 1798-1803 йылдарҙа Ырымбурҙа генерал-губернатор булып торған Н. Н. Бахметьевҡа арналған. Алтмышынсы йылдар аҙағында СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт фольклорының күп томлы баҫмаһын әҙерләү буйынса ҙур эштәр башланғас, китаптарҙың береһенә яңы табылған был әҫәрҙе лә индереү мәсьәләһе тыуа. «Ҡуҙыйкүрпәс»те 1965 йылда Баязит Бикбай менән Нәжип Иҙелбай әйләндергән булһа, «Мои вечера»ны тәржемә итеү Рәми Ғарипов өлөшөнә төшә. Уның тарафынан башҡортсаға ҡайтарылған эпос, «Зөһрә менән Алдар» тип аталып, 1973 йылда «Башҡорт халыҡ ижады»ның икенсе томында баҫылып сыға. Әле Мәскәүҙә уҡыған саҡтарында уҡ йәйге каникулда Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында, ауылдан-ауылға йәйәү йөрөп, башҡорт халыҡ ижадын йыя башлаған, ҡулъяҙма мәҡәлдәр йыйынтығын төҙөгән Рәми Ғариповтың ижад юлы фольклор менән тығыҙ бәйләнгән. Ул халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыйыусы илгиҙәр ҙә, уларҙы өйрәнеп, мәҡәләләр яҙыусы ғалим да, халыҡсан традицияларҙы үҙ ижадында өр-яңынан үҫтереүсе шағир ҙа. Рәми Ғарипов – фольклорсы тураһында һүҙ алып барыу өсөн төплө нигеҙ бар. Әҫәрҙәре халыҡ ижадының фәлсәфәүи рухы менән һуғарылған бындай шағирҙар башҡорт әҙәбиәтендә күп түгел. Халыҡ телен, фольклорҙы яҡшы белеү, нисәмә йылдар буйына шул хазиналарҙан илһам алып ижад итеү Рәми Ғариповҡа был бик әһәмиәтле ҡулъяҙманы башҡортсаға әйләндереү өсөн ныҡлы ерлек булды. Бик яратып, һәләтен, белемен бирергә тырышып эшләне. 1969 йылдың апрелендә Мәскәүҙә фәнни командировкала булғанымда унда аспирантурала уҡып йөрөгән Тимерғәле Килмөхәмәтов менән Переделкиноға Рәми ағай янына барғайныҡ, ижад йортонда нисек эшкә сумып ултырғанын күргәйнек. Эшенә мөкиббән киткәйне, шул әҫәрҙәге геройҙар менән хан замандарында йәшәгән һымаҡ ине. Шағирҙың шул көндәрҙә ҡатынына яҙған хаттарынан: «16 апреля 1969 г. Надя, дорогая! Сәләм! Каждый день собираюсь тебе писать и некогда. Работы у меня хватит на три месяца! Перевод оказался гораздо труднее, чем я предполагал. Это ведь и не перевод в обычном смысле, а воссоздание башкирского оригинала, притом не настоящего времени, а далекого прошлого. Это почти что по черепу человека восстановить лицо, облик его, даже характер и психологию далекого предка, его окружение и быт. Самое трудное – его язык, притом очень сильно искаженный русским переводчиком. Вот такая задача передо мною сейчас стоит, и я нахожусь в каком-то духовном смятении, как будто стою на перекрестке сотен дорог... Все передо мною загадка! Может быть, зря я брался за такую работу, где переводческое искусство сливается с научной – историко-этнографической и чисто лингвистической работой. Это мог бы делать только Жэлил агай или Баязит агай. Но их нет, а перевод нужен. Раз взялся за гуж – надо тянуть!.. Боюсь, что времени не хватит». «Зөһрә менән Алдар»ҙы тәржемә иткәндә ныҡлы тарихи, лингвистик талаптарҙы үтәү кәрәклеге хаҡында бик дөрөҫ әйтелә. Эпос башынан аҙағына тиклем ошо талаптарға тулыһынса яуап бирерлек сифатта эшләнгән. Телдең һығылмалығы, һүҙ байлығы, халыҡсан стиль һәр һөйләмдә һоҡландыра. Башҡорт фольклорын белгәнгә Рәми Ғарипов был бик ауыр, сетерекле эште – халыҡ ижады ҡомартҡыһын руссанан халыҡтың үҙ теленә ҡайтарыуҙы шулай уңышлы башҡарып сыға алған. Мәсьәләнең тарихын белмәгән кеше әҫәрҙең тәржемә икәнлеген бөтөнләй тоймаясаҡ. Тәржемәнең; бик халыҡсан булыуын танылған фольклорсы Хәмид Йәрми эш барышында уҡ юғары баһалай. Тағы ла бер хаттан өҙөк: «12 мая 1969 г. Переделкино, д/т. Надя, дорогая! Писать тебе некогда. Я весь ушел в сказку. Работаю теперь днем и ночью. Рука даже ноет. Первые главы читал татарскому ученому-фольклористу Хамиду Ярми, который отдыхал здесь. Он очень удивился богатству языка и моему знанию стиля народных повестей, отметил, что я нашел очень верный ключ и что совершенно не ощущается перевод, все воспринимается как первозданный оригинал. Я, конечно, сам тоже думаю так и стремлюсь к этому, но боюсь: не перестараюсь ли, не обвинят ли меня в вольности перевода. Но дословный перевод меня никак не может удовлетворить, получится все покнижному. Что будет, то будет! Я уже весь освоился в природе народной фантазии и не могу отступить. Жаль, что времени мало». Тәржемә итеү принциптары хаҡында бында бик мөһим мәғлүмәттәр бирелгән. Башҡортса ижад ителеп тә, русса ғына һаҡланған әҙәби ҡомартҡыларҙы яңынан башҡортсаға әйләндереү айырыуса ҡатмарлы. Салауат шиғырҙары шундай яҙмыш кисерҙе. «Мои вечера»ның «Зөһрә менән Айҙар»ға әйләнеүендә лә шул уҡ хәл. Бындай осраҡтарҙа күп нәмә тәржемә итеүсенең әҙерлегенән һәм һиҙгерлегенән, аң-белем кимәленән, талантынан тора. Руссаға күсермәләге башҡорт эпосының Рәми ҡулына килеп юлығыуы үҙе бер бәхет ул. Переделкинонан яҙған хаттарҙан һуңғы киҫәк: «17/V – 69 г. Надя! Сәләм! Получил твое письмо – так повеяло домом, детьми. Хотелось на минутку взглянуть на вас, на ваше «житье» без меня и уйти обратно на месяц в свое долгожданное одиночество. Я, оказывается, могу работать! Только нужно быть самим собой, без всяких редакций, без забот... Только что вошел в русло, а время мое кончается. Когда это повторится, не знаю. Как только берусь за Есенина, прет свое. Я между двумя огнями. Это немножко мешает, нервирует. Времени мало. Отдыхать я, конечно, не смогу – и вообще смогу ли я отдыхать когда-нибудь. Этого, наверное, и не дано». Һәр ваҡыттағыса, Рәми өсөн һаман да ваҡыттың етмәүе. Уйлап ҡараһаң, нимә-нимә, ә бына тәүлек бөтә кешеләргә лә тигеҙ бүленгән: һиңә лә, миңә лә егерме дүртешәр сәғәт. Бер кем дә уны кәметә лә, арттыра ла алмай. Ләкин бәғзеләр шул сәғәттәрҙе нисек уҙғарырға белмәйенсә ыҙалана, икенселәр еткерә алмай аптырай. Рәми һәр ваҡыттағыса ижад йортонда ла ярһып-ашҡынып, көндөң төнгә ялғанғанлығын һиҙмәйенсә эшләй. Өҫтәүенә ул «Зөһрә менән Алдар»ҙы башҡортсаға әйләндереү менән бергә Есенинды ла тәржемә итә икән. Арала үҙенең шиғырҙары ла һис бер көтмәгәндә ябырылып килә. Улар бит ваҡытың бармы тип һорап тормай, ете төн уртаһында ла алҡымыңдан алыуҙары мөмкин. Был хатта тағы ла ошондай юлдар бар: «Приеду 24-го или 25-го мая. Как получишь это письмо, пошли 40-50 руб. на дорогу телеграфом». Быныһы ла Рәмигә хас үтенес. Аҡсаны кемдәндер үтескә һорап алып та була, ваҡытты ғына үтескә алырлыҡ түгел. Аҡсаны ла, ваҡытты ла Рәми һанап-самалап ҡына тотонорға өйрәнә алманы. Бурыстарға батып йәшәне, әммә ваҡыт алдында бурыслы булып ҡалманы шағир. Улайға китһә, ваҡыт ағышын да еңеп була, эшләгән эштәрең менән киләсәктең дә көндәрен генә түгел, хатта йылдарын, быуаттарын яулап алып була икән. Рәми Ғарипов күпме ҡабат ваҡыт етмәүе хаҡында әйтһә лә, асылда ул әйткән һүҙе, ҡалдырған хеҙмәттәре, барлыҡ ижады менән тыуыр йылдарҙы, серле киләсәкте үҙенеке итте. «Зөһрә менән Алдар»ҙы шағир Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән һөйләшеп, күпмелер эш хаҡына тәржемә итте. «Институтҡа бөтә бурысымды эшләп бөтөрҙөм: «Шайтан себендәре» (Лоссиевский, Игнатьев), «Аждаһа йылан хаҡында башҡорттар һөйләүе» (Юлыев), «Асылыкүл» (И. Старков) һәм «Бейеш төшө» (кемдеке?) хикәйәтен әҙерләп, күсереп яҙҙым» (20.05.74). «Шайтан себендәре»н Нур Зарипов уҡып сыҡты. Бер һөйләмгә ҡәләм тығып ҡараны. Риза булдым. Күңеле булһын, тинем. Икенсе һөйләмгә тығындырманым. Ярамай: стиль һәм маҡсатым боҙола. Кәрәкле тавтология ине» (21.05.74). Былары Рәмиҙең бер ҡайҙа ла эшкә инә алмайынса, ғаиләгә һис юғында икмәк-һөт булһын тип, сараһыҙҙан ялланып башҡарған хеҙмәттәре. Ләкин ялсы хәленә төшөрөргә тырышһалар ҙа, ул халыҡтың рухи хазиналарына тоғро ҡала, хужа булып ҡала, яҙған һүҙҙәренә тел тейгеҙмәй. Рәми Ғариповтың һүҙгә, был осраҡта тәржемәгә ни тиклем талапсанлығы тураһында хәҙер инде халыҡ көләмәсенә оҡшаш, әммә ысын булған мәҙәк һәм фәһемле ошо ваҡиға асыҡ һөйләй. Бер күренекле рус шағирының тәржемә китабын Рәмигә нәшриәттән эске рецензияға бирәләр (ул саҡта шундай һәйбәт традиция бар ине). Әммә байтаҡ ваҡыт үтә, унан яуап һаман юҡ та юҡ икән. Был китапты башҡортсаға тәржемә иткән өс иптәшебеҙ, аптырағас, күстәнәстәр алып, Рәми Ғариповтың йортона киләләр. Улар, сәй-мәйҙән ауыҙ итеп, байтаҡ әңгәмәләшеп ултырғандан һуң, хушлашыр алдынан ғына һүҙ әлеге тәржемә китабына килеп етә. — Был китапты тәржемә иткән кешеләрҙең, моғайын, береһе һуҡыр, береһе һаңғырау, береһе телһеҙ. Ә кемегеҙ һуҡыр, кемегеҙ һаңғырау, кемегеҙ телһеҙ – уныһын үҙ-ара бүлешеп алығыҙ. Бындай зәғиф тәржемәләргә мин фатихамды бирә алмайым, – тип, Рәми әлеге йыйынтыҡты теге өс иптәштең ҡулына кире тоттороп ебәрә. Ошондай ҡәтғи талапсанлыҡ булмаһа, Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтендә аҫыл әҫәрҙәргә әйләнгән классик тәржемәләрҙе тыуҙыра алыр инеме ни? Бер ҡыл 1971 йылдың 16 ноябрендә Башҡортостан телевидениеһы аша Рәми Ғарипов тура эфирға сығырға тейеш ине. «Салауат батыр» шиғырындағы бер строфаны уҡымаҫҡа тип, алдан уҡ ныҡ киҫәтеп ҡуялар. Ләкин тапшырыу ваҡытында шағир ул строфаны барыбер уҡый. Бына шунан һуң шағирҙы яңынан эҙәрлекләүҙәр башлана, ҡоршау ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара. Хакимдарҙың ҡотон алған, шағирҙы нахаҡ язаларға дусар иткән строфа бына нисек: Хас дошмандар әле сиктәр аша Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ. Батшаларға башын эймәгәнде, Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ. Бына ошо юлдар «һиллек» һаҡсыларына политик енәйәт булып күренә. Шиғырҙың башҡа вариантында был строфаның тәүге ике юлы ошолай: «Сит ил дошмандары хөр халҡымдың юлдарына күпме таш өймәҫ». Ике осраҡта ла шағир «Сит ил дошмандары» тип, «сиктәр аша» тип яҙырға мәжбүр. Ләкин идеология һаҡсыларының ҡолаҡтары сос. Ысынлап та, шағир әллә ҡайҙағы сит ил дошмандарынан бигерәк милли үҫеште быуыусы эске көстәр тураһында уйланғандыр. Юҡҡамы ни ул ошондай һүҙҙәр әйтә: Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, Сүкмәгәндәй ергә Уралтау. Салауаттың йыры тынмаҫ илдә, Еңә алмай рухын ҡорал-дау. Салауат һәйкәлен ижад иткән «Сосланбәк Тавасиевҡа – яҡташтарым, ер-һыуым, заманым исеменән» тип арнап яҙылған был шиғыр – халыҡ тарихындағы данлы, ҡанлы ваҡиғалар, ҡаһарман шәхестәр тураһында уйланыу. «Үҙ хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында» булған дәһшәтле хакимдар иһә уны шағирға ҡаршы мәкерле файҙаланды. Рәми Ғариповҡа үҙ ғүмерендә нахаҡ ғәйептәрҙе аҙ өймәнеләр. Уның редакцияларҙан китергә мәжбүр булған, эшһеҙ ҡалған саҡтары тураһында замандаштары йыш яҙа. 1971 йылдың ноябрендәге тапшырыуҙан һуң матбуғатҡа юл бөтөнләй бикләнде. Ләкин ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәнгән шағир 1972 йылда сәмләнеп, илһамланып ижад итеүен туҡтатманы. Киреһенсә, был йыл уның ижады өсөн иң уңышлы, етмешенсе йылдарҙағы иң күп әҫәрҙәре ошо ваҡытта яҙылды. Тыйылған строфаны телевидениенан һөйләгәндән һуң «Салауат батыр»ҙы тағы ла нығыраҡ тулыландырҙы. Ғөмүмән, иң ҡыйын саҡтарҙа ла шағир ижад эшенән һүрелмәне. Уның ер аҫтына сумып юғалған, аҙаҡ өҫкә сығып, яңы юл алған Шүлгән-йылға тураһындағы шиғырында ошондай юлдар бар: «Байыған ул, баҙығайған тағы, яңы йырҙа һалған ағышы. Ошо йылға ише түгелме һуң ут-һыу кискән ирҙең яҙмышы?» Шүлгән йылға һымаҡ күренмәй торған саҡтарында ла Рәми күпме шиғырҙар, поэмалар яҙған, көндәлектәрендә күпме күҙәтеүҙәрен, ауыр уйланыуҙарын теркәгән, шиғырҙарының ҡайһыларын матбуғатҡа бирергә ашыҡмаған, ҡайһыларын биреп тә баҫтыра алмаған. Ысынлап та, уларҙың бик күптәрен ул саҡтағы Башҡортостанда баҫтырырлыҡ инеме һуң? 1967 йылда яҙылған «Алырымҡош менән Бирмәмҡош» тигән шиғырҙа ошондай юлдар бар: Алырымҡош менән Бирмәмҡош Икән дәһә, ай-һай, был тормош. Ни ҡалдырҙың миңә, йә инде, Тик бирмәнем һиңә йәнемде! ...Алырымҡош алды атамды, Алалманы ләкин Ватанды. Бирмәм тигән инем баламды, Алырымҡош алды баламды. Һин алырһың бер көн әсәмде, Ағыуларһың күңел көсөмдө, Тик бирмәм мин телен сәсәндең! Хәҡиҡәтте яҡлап, кешелек намыҫын һаҡлап йәшәгән һәр шәхестең тормошо изге көрәш ул. Юлы бер ваҡытта ла ҡаршылыҡһыҙ ғына булмай. Замандаштарына әйтер һүҙен еңел генә еткерә алмай. Рәми Ғариповтың яҙмышы бына шундайҙарҙан. Күпме шиғырҙарына юл бикләнгәндә, нахаҡҡа милләтсе һүҙе менән нисәмә тапҡырҙар йөҙөнә ҡара яғырға тырышҡандарында шағир ғүмерҙә өндәшмәҫлек булып та ҡуя: Әйтер һүҙең көмөш булһа ла, Өндәшмәүең ҡайсаҡ алтының. Мин бигерәк һуңлап аңланым Бөйөк аҡылын был халҡымдың. Аңлаһа ла, әйтмәй түҙеп тора алмай. Һыҙланыуҙарын көндәлегенә булһа ла һөйләй: «Илле йыллыҡ та үтеп китте. Оло һүҙҙәр яҙылған плакаттар, лозунгтар, символик һүрәттәр яҙғы бысраҡ һыуҙарға һөйрәп төшөрөлөп, тейешле урындарына инеп ятты... Мин уларҙы, элгән саҡтағы һымаҡ уҡ, төшөргән саҡтарында ла ҡарап йөрөнөм. Ләкин уларҙы элгәндәгегә ҡарағанда төшөргәндәге кешеләр ихласыраҡ ине. «Прошел сабантуй их...» тигән һүҙҙәр ҡәнәғәтерәк яңғыраны. Әйтерһең, шуның менән минең илемдең – Башҡортостанымдың – өнө тығылды, алҡымы ябылды... Әйтерһең, минең илем, шул илде ил итеп тотоп торған халҡым бары шул шау-шыуға, ҡайһы бер предприятиеларға илле йыллыҡ исеме һәм ҡайһы бер булдыҡһыҙ әҙәбиәт ҡомаҡтарына «атҡаҙанған» исемдәр бирергә генә мохтаж булып торған икән... «Октябрь революцияһы» ордены ла тағылды... Ә ҡайҙа уның халҡым теләгән емештәре? Көлкө хатта!..» (2.04.69). БАССР-ҙың төҙөлөүенә 50 йыл тулыу айҡанлы үткән тантаналар шағирҙа ошондай уйҙар тыуҙыра. Бындай әсе һүҙҙәр шәхси ҡәнәғәтһеҙлектән генә тыумаған, уларҙы бик аяныслы ваҡиғалар уртаһында ни эшләргә белмәй аптыраған кеше яҙа: «Өфөлә – баш ҡаламда минең – хәҙер күпме башҡорт йәшәгән ҡалала, күпме татар йәшәгән шәһәрҙә – бер генә башҡорт урта мәктәбе, бер генә татар урта мәктәбе булмаһын, имеш... (Интернат-мәктәпте мин иҫкә алмайым, сөнки ул хәҙер сит ил делегаттарына күрһәтеү өсөн генә һаҡлана). Башҡортса Өфөлә ике класс бар ни бары. Шуларҙың береһендә минең улым – Азаматым уҡый. Уға унда уҡырға йөрөү – мең бәлә. Рогервик! Ҡаланың бер ситенән икенсе ситенә ул теләһә трамвайҙа эсәге сығып йөрөһөн, теләһә (атаһы теләй, әлбиттә!) йәйәү йөрөһөн. Сөнки ара 7 саҡрым ғына, ә уға инде – 7 йәш! Илле йыллыҡ алдынан күпме йөрөнөк обкомға, күпме йөрөнөк Горсоветҡа, күпме йөрөнөк Министрҙар советына, Башҡорт АССР-ының хөкүмәт етәкселәренә, ә бер-ике тәгәрмәсле автобус булһа ла яулап ала алманыҡ беҙ, мәхлүк, һантый, хыялый башҡорттар!.. Башҡорт балаларына берәй арба ише бер автобус – миңә иң ҙур бер хыял булып ҡалды. Теләһә Исикава Такубоку һымаҡ, уның бер өй тураһындағы һымаҡ, ошо автобус хаҡында хыялый бер шиғыр яҙ!.. Ләкин уны кем баҫһын!.. Тантаналарҙа үҙ-үҙен, үҙенең балаларына бер мәктәп кәрәклеген дә онотҡан Мостай ағаймы ни?..» (2.04.69). Мәктәп мәсьәләләрен матбуғатта күтәреп сығырға күптән ваҡыт та бит, мәҡәләңде газетаға кем үткәрһен? Өфөләге бер төркөм башҡорт интеллигенцияһы менән Рәми Ғарипов та күпме түрәләрҙең тупһаларын тапағандан һуң ғына Башҡортостандың баш ҡалаһында берҙән-бер башҡорт мәктәбе асылды. Сабый саҡтың алырымҡош менән бирмәмҡош уйыны һымаҡ түгел шул был тормоштоң рәхимһеҙ ҡанундары... Көс-ғәйрәтеңде умырып ала ла бирергә тейешлеһенең йыш ҡына остоғон да бирмәй. Күңелеңде иҙеп-тапап китә. Яңынан талпынырға итәһең, ә ҡанаттар ауырайғандан-ауырая: Ҡоластарым ташлап, ятам ерҙә, Аҡтамырҙар һеркә осора. Күк карабы күкрәп үтһә үтһен, Күк иңләргә инде юҡ сарам. Иҫем китә бары бал ҡортоноң Аҡ сәскәнән эскән балына. Ниңә һуң мин һинең балың түгел, Бал итсе, тип уға ялынам. Юҡ икән шул, был донъяның миндә Күберәк икән зәһәр ағыуы... Күҙҙәремә нурын яғып китә Күктән бары болот ағыуы... 1972 йылда ошо шиғыр һымаҡ береһенә-береһе үрелеп килгән «Бер ҡыл», «Салауат батыр», «Тел», «Метаморфозалар», «Батырша» һымаҡ әҫәрҙәрҙе донъяға сығарырлыҡ фекерҙәштәрҙе редакцияларҙа ҡайҙан табаһың? Уларҙың йөрәге етһә лә, фекерҙе ҡат-ҡат иләк һымаҡ һөҙөүселәр үткәрмәйәсәк. Юғарынан күптән дәһшәтле фарман биреп ҡуйылған: Рәми Ғариповтың шиғырҙары ара-тирә исем өсөн генә күренһә, бик еткән. Әллә нисек булды был 1972 йыл!.. Матур ғына башланғайны. 12 февралдә туғандарын, яҡын ҡәләмдәштәрен ҡырҡ йәшенә саҡырғайны, байрам бик ихлас үткәйне. Ләкин бик тиҙҙән донъялар кире яҡҡа боролдо. Тыуған көн шау-шыуҙары тынып та өлгөрмәне, көндәлектә ошондай юлдар тыуҙы: «Өлкә комитетта мәғәнәһеҙ һөйләшеү. Урал Бакиров, Хазеев, Йосопов өс сәғәт буйы мине Кәтибә апай менән «яраштырырға» маташтылар. Инквизиция һәм Галилей ҡарт ҡына ярашырға мөмкин!.. Китмәй сара ҡалманы...» (14.02.72). Журналда башта бик татыу эшләп алып киткәйнеләр. Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева һүҙҙең ҡәҙерен белгән шағирәләр, Рәми Ғарипов һәр береһенең уңышына ҡыуана. Барыһы ла ҡулдан килгәнсә тырыша. «Башҡортостан ҡыҙы»н халыҡтың яратҡан журналы итеү хәстәре уларҙың уртаҡ яҙмышына әйләнде. Тик етәксе кеше Рәмиҙең эш стилен хуплап еткермәне. Йәнәһе, эшкә ваҡытында килмәй, ә яуаплы сәркәтиптең, тәмәке төтөнөнә күмелеп, төн уртаһына тиклем материалдар әҙерләп, макет төҙөп ултырғанын редактор белһә лә белмәмеш. Йәнәһе, Рәми үҙенең тирәһенә йәштәрҙе йыя, уларға юлбашсы булырға тырыша, баштарын бутай. Шағир тураһында өлкә комитетҡа ғәйбәт ташыуҙар йышая. Сабыр Рәмиҙең дә түҙеме ҡалмағас, күрә алмаусылар бик ныҡ тырышҡандыр. Ит изгелек, көт яуызлыҡ тигәндәре бына шул тип уйланы шағир. Яраҡлаша белмәне, әйткәненән сигенмәне. Артыҡ үҙ һүҙле булып киткән саҡтарында ла башҡаларҙы аңларға теләне. Ләкин ваҡлыҡтарға түҙгәндә лә, мәкерҙе ғәфү итеп булмай. Үҙе яҙғанса, китмәй сара ҡалманы. Өйҙә бер үҙе булғанда ла, шиғырҙар яңғыҙ ҡалдырманы: Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош Шундай мәғәнәһеҙ бер нәмә: Хыялдарҙан айнып, күҙем асһам, Ҡайтҡан һымаҡ булам төрмәмә. Тик һиҙмәйһең ығы-зығы менән Унда үткән зая ғүмерҙе. Күнегелгән шундай был төрмәгә, Бөгөн килеп уны емерҙем. Яҙған юлдарын яңынан уҡыны ла Рәми үҙенең һүҙҙәренән үҙе тертләп китте. Тормоштоң тағы ла бер өлөшө бына тамам. Донъя был ваҡиғанан ғына емерелеп китмәҫ, ләкин күңелдә нимәлер һүнде. Кешеләрҙең ғәҙелһеҙ ҡылыҡтарында иң ныҡ рәнйеткәне – һине аңламауҙары, фекерҙәштәр эҙләгән ерҙә ваҡлыҡтың, мәкерҙең аҫтыртын һөжүменән шаңҡып ҡалыу. Ошондай яңғыҙлыҡ алҡымдан алғанда йыш ҡына Хәсән Туфан иҫкә төшә. Мәшһүр татар шағирын хәтерләү ышанысты нығытҡандай була, ауыр саҡта көс өҫтәй. Баштарынан ни тиклем фажиғәләр үткәргән Туфандарҙың яҙмыштары тыуҙырҙы бит «Табыныу» поэмаһын: Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә Ҡан һуғарған, ут эсендә тыуған. Саҡ-саҡ әле егермеһе тулған Ярты баҡсабыҙ юҡ ителә, Балта менән ҡырып кителә... Яңы ҡыуаҡ ҡалҡып, тын алмайса, Егерменсе йыйын йыйылмайса Бикле ята беҙҙең күп эштәр, – Әйтерһең дә, ут-ғәрәсәт үтеп, Урау юлдан тура юлға етеп, Балҡымаған ерҙә Бабичтар!.. Әйтерһең дә, Туфан ҡалҡмаған, Булмаған да Һәҙиә, Юлтыйҙар!.. Юҡ, булмаған тиеп, егерме йыл Мең ялғанды беҙгә тылҡыйҙар... Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана? Бер осоңдан һинең балың тамһа, Бер осоңдан ниңә ҡан тама?.. Хәсән Туфандың йәшлек йылдары Өфө, Урал менән ныҡ бәйләнгән. Башҡортостан Туфанды нисек яратһа, Туфан да Башҡортостанды тыуған ере кеүек яҡын күреп йәшәне, Өфөлә йыш була торғайны. Уның «ысын егетлек нисә йәштә булһа, Салауат та шуның йәшендә» тигән юлдары халыҡ теленә ингән ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнде. Туфан башҡорт еренең шатлыҡтарына шатланды, тарихына, халҡының мәҙәниәтенә күңелендә оло ихтирам һаҡланы. Ил яҙмышы хаҡында уйланып: «Киләсәгең бөйөк, Башҡортостан, шундай яҡын күңел күҙенә», – тине. Өфөнөң йәшәгән таныш урамдары Туфанға: «Кил һин беҙгә», – тимәйҙәр бит улар, «Ҡайт һин беҙгә» – тиҙәр шикелле». Хәсән Туфандың башҡорт шағирҙарына бағышланған, башҡорт шағирҙарының Хәсән Туфанға арналған шиғырҙарынан ихлас ижади дуҫлыҡ билдәһе булған сағыу гөлләмә төҙөп булыр ине. Остазы Хәсән Туфан менән Рәми Ғарипов алтмышынсы йылдарҙан аралашып йәшәне. 1968 йылдың йәйендә Башҡортостан яҙыусыларының съезынан һуң бер төркөм әҙиптәр Дим буйҙарында булғандан һуң Рәмиҙең өйөндә табын ҡороп ултырғаныбыҙ, Хәсән Туфандың хөрмәтле ҡунаҡ булғаны иҫтә. Журналдан киткәс, бер яңғыҙы өйҙә ҡалған Рәми яңынан ҡулъяҙмаларға сумды. Архивын ул былтыр уҡ бик ентекләп барлап, тәртипкә килтереп ҡуйғайны. Туфандың бынан ике йыл элек яҙған хатын бик ҡәҙерләп һаҡлай. Хатты яңынан уҡый башланы: «Мәғәнәүи, ижади туғаным, Рәми! Был – былай ғына, уйламай ғына әйтелгән өндәшеү түгел. Һинең шиғырҙарыңды күҙәтеп барыуҙарҙан, уйланыуҙан тыуған күптәнге хистәрҙең ысын сағылышы булған өндәшеү был. Үҙ халыҡтарыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы уйланыуҙарыбыҙ, тынғыһыҙлыҡтарыбыҙ менән туғандаштар беҙ. Беҙҙең йөрәктәр, үҙҙәренең асыл үҙенсәлектәре менән, халыҡтарыбыҙҙың күңел тулҡындарын ҡабул итә торған радиоалғыстар кеүек булыуҙары менән бер-береһенә яҡындар. Беҙҙең ижади йүнәлештәр параллель юл менән баралар, улар бер-береһе менән киҫешмәйҙәр. Бына шундай сифаттарың өсөндөр һине ҡәҙерле бер ҡустым итеп һанайым». Ғүмере буйы фекерҙәш эҙләгән Рәми бындай ихлас теләктәшлек һүҙҙәрен һирәк ишетә. Үҙенә ошолай туған күреп өндәшкәнгә тиклем дә Хәсән Туфан уның өсөн халҡы тип янып йәшәгән изге йәндәрҙән ине. Ошондай оло шәхестең теләктәрен ишеткәс, ҡыйынлыҡтарҙы үткәреүе еңелерәк. Хәсән ағай бына нимәләр яҙа: «Ҡәҙерле миңә, и Рәми, Кем һөйә Илен, Денен! «Тик көнөм өсөн» тигәндәр Мөнафиҡ улар, энем. Кәңәш кәрәккәндә, таяныс кәрәккәндә, һис тә икеләнмәйенсә миңә таянырға тулы хоҡуғың барлығын, Ҡазанда һиңә һәр ваҡытта туғанлыҡ ҡулдары һуҙыусы барлығын иҫтә тот. Тормошта оран ғына түгел, һөрән һалырға тура килгән саҡтар ҙа була. Кәрәк була ҡалһа, хаттарың аша миңә ҡысҡыр: барыһынан да элек мин һине ишетермен». Хәсән Туфандан ошондай ихлас, ҙур хат алырмын тип Рәми һис кенә лә көтмәгәйне. «Аманат» китабы сыҡҡас, уны ошондай яҙыу менән татар шағирына еткергәйне: X. Туфанға «Аманат» китабын ебәргәндә Хәсән ағай Туфанға – Шағирҙарҙың шаһына, Йыш ҡайтһын тип У фаға, Башҡорт моңо – аһына; Ныҡ тотһон тип ҡулында Шиғриәттең әләмен, Етмешенсе йылында Был яңы йыл сәләмен Күндерәмен үҙенә! Күҙлек кейеп күҙенә, Хатҡа ҡаршы яҙһын хат, Шул хат булыр Аманат!.. Күңелендә йәшерен генә өмөт баҙлаһа ла, уҙамандан ошондай яуап алырмын тип кем уйлаған?! Ни тиклем иғтибарлы, кеселекле лә, кешелекле лә икән Хәсән ағай. Рәми үҙенең хәлдәрен һөйләп, өлкән шағирҙы борсоманы, әлбиттә. Барыһын да эскә йәшерҙе. Әлеге хатта уның өсөн ижади кәңәштәр бигерәк тә ҡәҙерле. «Табыныу» тураһында Туфан: «Был әҫәр юғары накал менән, ҡайнар илһам менән, яна-яна ижад ителгән. Строфаларҙың күбеһе күңелгә шиғри ут һирпеп, көйрәп торалар...», – ти, кәңәштәрен дә әйтә. «Аманат»ты яратып, тулҡынланып, өс-дүрт ҡат уҡып сыҡтым, Рәми. Һәр шиғырҙың тиерлек ситенә һоҡланыуҙарымды, «хәтер-доға»ларымды яҙа барҙым», – ти. Күрһәтергә ине бындағы ҡайһы бер иптәштәргә ошо һүҙҙәрҙе, бәлки «Табыныу»ға юлды асырҙар ине. Күрһәтеп йөрөмәне, файҙаһы теймәҫен белде. Хәсән Туфан Рәмигә үҙенең ижади яңылыҡтары хаҡында ла хәбәр еткерә: «Яҙҙыңмы унда тиһәң, – миҫал өсөн – бына шуларҙың береһе: «Тимерхан монологы». Туған телгә арналған шиғыр хатта тулыһынса килтерелә. Аҙағы былай: Ҡайҙарҙа булһа ла минең Донъяға килгән ерем, И, ғәзиз, нәфис туған тел, Һин минең Тыуған илем! Денем һин, бәғ(е)рем, туған тел! Күрәһең, шуға күрә, Башымды эйҙерһәләр ҙә, Йөрәгем аяғүрә, Аяғүрә! Шиғриәттең сал сәсле уҙаманының шундай ҡаһармандарса йәшәү ҡағиҙәһе хаҡында әйтеүе – Рәми өсөн ныҡлыҡҡа саҡырыу ҙа, туған телгә тоғролоҡ өлгөһө лә ул. Был хат милли әҙәбиәттәр араһындағы ихлас ижади бәйләнештәрҙең яҡты бер сәхифәһе, яңы быуындарға ошо традицияларҙың зарурлығын иҫкәртә. Дәһшәтле сәйәси дауылдарҙы үткән Хәсән Туфандың зирәклеген «Табыныу» хаҡындағы ошо һүҙҙәре раҫлай: «Был әҫәр, бәлки, донъяға сыға алмаҫ әле: (алдағы XXIV съезда XX съезд һауаһына яңынан ҡайтмаҫтар бит). Ләкин тарихи бер әҫәр булараҡ әҙер хәлдә запаста торһон. Ил башынан үткән бәлә булған шәхес культын заман-тарих бер ҡасан да аҡламаясаҡ бит». Хакимдар алҡышлап ҡаршыламаясаҡтарын яҡшы тойһалар ҙа, шағирҙар үҙҙәренең тура һүҙҙәрен әйтмәйенсә ҡалмай. Туған тел яҙмышы, татар милләтенең киләсәге өсөн һыҙланып яҙылған «Тимерхан монологы» ла ул замандың юғарынан билдәләнгән фекер ҡалыптарына һыя торған әҫәр түгел. Бәлки шуғалыр был шиғыр Хәсән Туфандың 1974-1975 йылдарҙа сыҡҡан ике томлығына инмәгән. Башҡорт ҡәләмдәшенә хатын Хәсән Туфан ололарса хәстәрлекле һүҙҙәр менән тамамлай: «Хәҙергә һиңә әйтергә теләгәндәрем бына шулар ине, Рәми. Һинең һөйөклө һәм һөйкөмлө ҡыҙың бик күп ижади көсөңдө алалыр, билдәле. Ләкин «Башҡортостан ҡыҙы» ҙур ғына түгел, ә бөйөк һәм ғәжәп мөһим эш ул! Шул гүзәл ҡыҙыңды үҫтереп етәкләрлек алмаштар әҙерлә үҙеңә; журналдағы эштәреңә баштан-аяҡ сумып йәшәргә тура килгәндә лә төп ижади эштән – поэзиянан һүрелмә, һыуына күрмә. Ғөмүмән, үҙ талантыңа ныҡ ышан. Туғанлыҡ сәләме менән Хәсән ағайың. Переделкино». 9.03.70. Өфөләге – янындағы ағайҙарынан ишетмәгән йылы һүҙҙәрҙе Рәми Ҡазандағы Хәсән Туфандан ишетә. Алыҫтағы ҡояш йылы була тигәндәренә ышанмаҫ ереңдән ышанырһың. «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан киткәндән һуң күп тә үтмәй, шағирҙың тормошонда тағы ла күңелһеҙ хәл килеп сыға. Стәрлетамаҡтағы бер кисәнән һуң ҡунаҡханала Рәми Ғарипов менән яҙыусы Вәзих Исхаков араһында бик ҡаты бәхәс ҡуба һәм тартыш-һуғышҡа әйләнеп китә. Был бәрелештең шаңдауы ҙур була, мәсьәләне асыҡлау Өлкә комитетына барып етә. Көндәлек биттәренән: «Партбюро Стәрле ваҡиғаһы менән ҡыҙыҡһына. Ахунйәнов Т. И. Стәрлегә үҙе барып ҡайтҡан икән. Фәрит (Иҫәнғолов – Р.Б.) менән һөйләшеп йөрөнөк. Эште ҙурға ебәрмәгеҙ, ти. Көлкө! Ә бер уйлап ҡараһаң – беҙҙең трагедия. Дөрөҫлөктө аңлатыу өсөн дөрөҫ атмосфера, дөрөҫ уйлы кешеләр, дөрөҫ замана кәрәк шул. Ләкин был хәл ҡайҙа? Тотош экспанция һәм меҫкенлек! Әй, кешеләр!..» (14.03.72). Ә был яҙмалар 28 марттыҡы: «Радио: «Горький һәм музыка». 1. Бетховен квартеты. 2. Бородиндың «Урта Азияла» тигән музыкаль картинаһы. 3. Римский-Корсаков «Шәһрезада». 4. Стравинский – «Изге яҙ» («Весна священная»). Ғәжәп әйберҙәр. Күҙ алдына ниндәй генә күренештәр килмәй! Музыкала ниндәй һүрәтләү көсө!.. СҮЛ ЙЫРЫ (Бородиндың «Урта Азия» моңон тыңлағанда) Икһеҙ-сикһеҙ ҡайнар ҡом сахраһын Ярып бара сабыр дөйәләр. Сүл елдәре тауҙай ҡом тулҡынын Аяҡ аҫтарына өйәләр. Ҡом да ҡом тик. Ҡом-йыландар Табандарын сағып ҡалалар. Тик дөйәләр ғорур, тыныс атлай, Төшкән кеүек ергә Аллалар. Мәңгелекте ялғап мәңгелеккә, Тартылғанда каруан сылбыры, Төштәремдә сихри илдәр күреп, Тыңлап барам мин дә сүл йырын. Эйе, был күренеш минең бөгөнгө хәлгә бик ауаздаш. Күңелдә ысынлап та ҡом бураны, әсенеү ҙә яңғыҙлыҡ һағышы ғына. Ярай әле иң ауыр көндәр «Фарсы моңдары» менән үтеп китте. Ниндәй ваҡлыҡ, ике йөҙлөлөк, әшәкелек кешелә! Бер ҡар йомғағы тәгәрәп төшһә, тауға әйләнә, төймә лә дөйә булып күренә. «Демагог, милләтсе, скандалист, вождизм, авантюрист, самореклама...» Ниндәй генә ҡушаматтар тағылманы бер бездарь арҡаһында. Эй замана, эй кешеләр!.. Түҙ, йөрәгем, түҙ!.. Эшләргә, ең һыҙғанып, теште ҡыҫып эшләргә лә эшләргә кәрәк – берҙән-бер йыуаныс шул ғына. Әгәр минең бер генә шиғыр юлым ҡалмаған хәлдә лә тәржемәләрем ҡалырға хаҡлы! Үҙеңде үҙең юҡ итеүҙән бер кемгә лә файҙа юҡ. Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошманың алдында төкөрөргә ярамай. Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, халыҡ белмәһә, балыҡ белер... Хаҡ әйтелгән һүҙҙәр!» Рәми Ғарипов тураһында драма әҫәре яҙырға теләүсе булһа, көндәлектәрҙә уның әҙер монологтары бар, тигәйнем. Был яҙмаларҙағы уйланыуҙар бер монологҡа ғына һыйырлыҡ түгел. Шәхестең үҙ-үҙен анализлауы ентекле бер ғилми тикшеренеүгә йәки тетрәндергес психологик хикәйәгә торорлоҡ. Шағирҙың музыка донъяһына ни тиклем нескә үтеп инеүе, шундағы илаһи моңдарҙан илһамланып, ни арала тыуған шиғыр, уның әлеге кисерештәрен ни тиклем тапҡыр асып һалыуы: күпме йөк күтәреп, эҫе ҡомдан ғорур атлап барған дөйәләрҙең аяҡтарын йыландар саҡҡан һымаҡ, ил хәстәрен артмаҡлап, юлынан тайпылмай алға атлыҡҡан шағирҙың аяғын янъял тышауламаҡсы, мәкер саҡмаҡсы. Кешенең тик бер таянысы ҡала – эшләргә! Ике-өс көндән һуң тағы ла ҡәтғиерәк һүҙҙәр: «Стәрле ваҡиғаһын ҡайһы берәүҙәр минең үҙемә ҡарағанда ла ауырыраҡ ҡабул иткәндәр. Ләкин был хәлдән сығыр әмәл юҡ. Тупиктабыҙ. Берҙән-бер юл – эш. Эш менән генә беҙ көслөрәк!..» (1.04. 72). Һәм иртәгеһенә: «Төнө буйы йөрәк сәнсеп сыҡты». (2.04.72). Шағирҙың маңлайындағы һырҙарҙы тәрәнәйткән, сәсенә сал өҫтәгән тетрәнеүҙәр барыһы ла бер йөрәккә йыйыла. 1972 йылдың февраль-март айҙарынан Рәми Ғарипов тормошоноң айырыуса ауыр осоро башлана. Ғүмеренең һуңғы биш йылында уға ғаиләһен аҫрар өсөн эш эҙләп, шиғырҙарын баҫтырырға, китабын сығарырға өмөт итеп, күпме редакция һәм нәшриәт тупһаларын тапарға тура килде, түрәләрҙең ябыҡ ишектәрен асырға күпме тырышып ҡараны. Юғарылағылар ҙа ярҙам итеп ҡараған булып ҡылана: әле «Пионер» журналына ебәрәләр, әле Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына бар, тиҙәр. Ләкин уларҙа эш булһа ла, булмай сыға. Хатта Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған, Рәмиҙең кәңәш-ярҙамдарын күп күргән, «Совет Башҡортостаны» газетаһының төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы үҙ хәбәрсеһе булған саҡта шағир менән йыш аралашҡан, уның хаҡында бик маҡтап мәҡәлә яҙып сыҡҡан Рәйес Низамов, «Ағиҙел»-дең баш мөхәррире булып алғас, эшһеҙ ҡалған һабаҡташын, ҡәләмдәшен журналға яҡын ебәрмәй. Яңы түрә Мостай Кәримдең әйткәненә лә ҡолаҡ һалмай. Эшкә урынлаша алмайынса ҡаңғырыуҙар нисәлер ай дауам итһә – бер хәл. Йылдарға һуҙылып киткәс, ауырлыҡ өҫтөнә ауырлыҡ өйөлә. Рәмиҙе эшһеҙлектән дә бигерәк хоҡуҡһыҙлыҡ ныҡ ғазаплай. Һүҙҙәренең хаҡ икәнлеген, яҙғандарының шиғри баһаһын, әҫәрҙәренең көсөн, ҡәҙерен ул бик яҡшы белә, ләкин матбуғат өсөн яуаплы кешеләр быны аңларға теләмәй, кире ҡаҡҡыһыҙ иҫбатлауҙарың уларҙың туң маңлайҙарынан кире ҡаҡлыға – бына шуныһы бигерәк ғәрләндерә, кәмһетә. Рәшит Солтангәрәевтең иҫтәлектәренән: «Нисәнсе йыл ине икән, етмешенсенең урталары, буғай, Актерҙар йортонда асыҡ партия йыйылышы булды. Көн тәртибен хәтерләмәйем, иллә-мәгәр Өлкә комитеты секретары ла ҡатнашты. Докладты партбюро секретары Фәрит Иҫәнғолов яһаны. Күрәһең, милли мәсьәләләр, тел хаҡында һүҙ барғандыр. Докладсы шундайыраҡ һүҙҙәр әйтте: «Рәми Ғарипов Зәки Вәлидиҙең йыртыҡ әләмен күтәреп йөрөүсе. Башҡорт халҡы, башҡорт теле Рәми Ғариповтың яҡлауына мохтаж түгел. Кемдән алған ул был хоҡуҡты!» Заманы өсөн был хәтәр һүҙ, хәтәр ғәйепләү ине. Рәми, туҡмаҡ алып өйрәнгән кеше, артыҡ бөгөлөп төшмәне. Әммә йыйылыш тамамланғас, докладсыға: «Фәрит, һиңә беренсе тапҡыр ҡулымды бирмәйем!» – тине. Бөтә ҡаршылаша алыуы бына шул ине». Эшһеҙлектән бигерәк хоҡуҡһыҙлыҡ – был ҡамауҙан нисек сығырға? Шағирҙың ҡаршылаша алыуы яла яғыусыларға ҡул бирмәү менән генә сикләнмәне. Рухы менән Рәми үҙ принциптарына тоғро ҡалды, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ижади хеҙмәтен дауам итте. Яңы шиғырҙар яҙҙы, яңы китабын әҙерләне. Шиғри тәржемәләре үҙе бер антология булып туплана барҙы. Күңеле ныҡ болоҡһоған саҡтарҙа Хәсән Туфандың «И, ғәзиз, нәфис туған тел, һин минең Туған илем» тигән һүҙҙәрен хәтерләп, өмөт-ышаныстарын нығытҡан һымаҡ булыр ине. Милләтселек, милли тарлыҡ мөһөрөн Рәми Ғариповтың исеменә баҫырға тырышыусы мәкерле кешеләр уның есемен быуа алманы. Ләкин ғорурлығы һәм тоғролоғо шағирҙың хәлен еңеләйтмәне, киреһенсә, ҡайһы берәүҙәрҙең асыуын нығыраҡ ҡабартты. Рәми уҙғандағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрҙе. 1953 йылдың 28 июнендә Новгородта экскурсияла булғанда көндәлегенә яҙғайны: «Миндә әсәйем буйынса рус ҡаны бар... О, рус ере! Был һүҙҙәрҙе мин рус кешеһе һымаҡ ҡабул итәм. Ләкин мин башҡортса уйлайым һәм башҡорт булғаныма ғорурланам. Тик барыбер мин тик үҙ милләтемә ҡарау менән генә сикләнеүҙән алыҫмын». Бынан һуң күпме ғүмер үтте, күпме һыуҙар аҡты. Мәскәү студенты Рәми шул ҡаланың ҡыҙына әйләнә, уныһы башҡортса һөйләшергә өйрәнә, башҡортса йырлай, иренең шиғырҙарын уның туған телендә уҡый. Хәҙер шағирҙың ҡарашы ул студент егеттекенән бик күпкә киңерәк бит. Нисәмә милләт шағирҙарын тәржемә итеп, байтаҡтары менән аралашып, ул үҙенең донъяһын ғына түгел, бөтә башҡорт шиғриәтенең офоҡтарын киңәйтте түгелме ни? Бына шул кешене нисек милләтселектә ғәйепләргә мөмкин? Хатта ҡайһы бер боронғо дуҫтары ла «Ил дә тел тип күпме ҡаңғыраһың, шул иҫке ҡылды ҡалдырсы» тип кәңәш итәләр, «Паганини ҙа түгелһең, һаман бер ҡылда уйнайһың» тиҙәр. Рәми Ғарипов ошондай ҡарашлы кешеләргә «Бер ҡыл» тигән шиғыры менән яуап бирҙе. Уның өсөн туған тел ил күңелендәге иң изге ҡыл. Шағирҙың үҙе вафат булғандан һуң сыҡҡан китаптарында был шиғырҙың текстары төрлө вариантта бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҫәр яҙылған ваҡытында уҡ баҫыла алманы. Ләкин шағир һүҙҙәре милләттәштәрҙең йөрәгенә һәр заманда ла үтеп инерлек: Бер тыуғанмын икән, бер үлермен, Тәүге һөйөүем дә бер генә. Бер генә тик изге туған телем, Бер генә тик иҫке ергенәм. Мәңге яңы яҡты был донъяла Бер йөрәгем типкән сағында Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам, Мин торормон бер ҡыл һағында. Йөҙгә берәү тулмаҫ ҡылың менән, Бергә китһен кәңәш-аҡылың. Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы, Булһын әйҙә ысын бер ҡылың! Ошондай шиғырҙар яҙылған сағында эшһеҙлек тә, аҡсаһыҙлыҡ та онотолоп китә. Редакцияларға алмаһалар ҙа, шағир эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырмай. Хеҙмәткә һәм бәхеткә ҡарата уның үҙ талаптары, үҙ ҡараштары. «Батырша», «Бер ҡыл» һымаҡ шиғырҙар тыуа икән, донъя бөтөнләй өмөтһөҙ түгел. Сер бүлешер, шатлыҡ уртаҡлашыр ҡәләмдәштәр ҙә бар әле. «Бер ҡыл»ды Хәсәнгә (Хәсән Назар – Р.Б.) уҡыным. Командировкаға китер алдынан Рауилға уҡығайным. Шәп, тиҙәр. Әммә үҙем өсөн – иң шәптәрҙең – шәбе. Шиғыр һәм шағир был шиғырҙа бер бөтөн. Шәхестең бәхетһеҙлеге – шағирҙың бәхете, ә уның бәхете – шәхестең бәхетһеҙлеге. Софистика, әлбиттә. Шулай ҙа был – закон. Хәсән менән Гетеға башҡорттарҙың уҡ-һаҙаҡ бүләк итеүе хаҡында, шағир һәм шәхес, М. Кәрим, Р. Ғамзатов, Ҡ. Кулиев, Д. Күгүлтинов, Н. Нәжми хаҡында һөйләшеү... Бәләкәй шәхес һәр саҡ шағирҙы үлтерә – был мәңгелек фажиғә. Бөгөнгө шиғриәттә шәхес етмәй – кеше етмәй» (17.06. 72). Ваҡлыҡтар һәм ғәҙелһеҙлектәр эҙәрләгәндә лә, шағирҙың уйлағаны-һөйләгәне һаман да шиғриәт, яуаплылыҡ һәм оло маҡсат хаҡында хәстәрлек. «Атайым» тигән поэма яҙыу теләге, тағы әллә күпме хыялдар... Моғайын, ошо ынтылыштар «Яндырылған хаттар», «Интегралдар поэмаһы» исемле тамамланмай ҡалған әҫәрҙәрҙе тыуҙырғандыр. Күпме шиғырҙарҙы яҙып бөтөрөп шатланды, күпме ҡараламалар яңынан ҡарағанды көтә. Эшкә йөрөмәһәң дә, эштән бушап торған юҡ. Иң күп яҙҙы шағир был үтә ауыр 1972 йылда. Ҡайһы саҡта ҡәләмдәштәр менән ҡыҙыҡ ҡына хәлдәргә осрап ҡуя. Рәми Ғарипов менән бер күрешкәнендә Яҡуп Ҡолмой: «Башҡорттоң бөйөк милли шағиры алдында баш эйәм!» – тип ололап сәләмләй. Шунан һуң Рәми: «Бөйөгө – ерунда. Тик милли тигәне – миңә ҡарата дөрөҫтөр. Шунда ла – фажиғәм», – тип яҙып ҡуя (16.06.72). Ауыр саҡтарында шағир ауылдаштары янына ҡайта, тыуған еренә һыйына. «Төн. Ай. Йүрүҙән буйында йөрөп ҡайттым. «Атай йорто»н уйланым. Бер утыҙлап шиғыр булырға тейеш. Яңы китап» (15.05. 73). «Минең әле эшем бик күп. «Атай йорто»на «Кәтенәй ҡәбере»н һәм «Өс туй», «Теләк теләгәндә» шиғырҙарын өҫтәргә кәрәк» (4.06. 73) – бында ла көндәр ижад хәстәре менән үтә. Был шиғырҙар, бәлки, яҙылған да булғандыр, ләкин әлегә исемдәрен генә беләбеҙ. Ерҙе һағынып ҡайтҡан шағир баҡсаларын ҡаҙа, картуф ултырта. Ауылдаш ағайға ҡапҡа эшләй. «Бөгөн инәйем, мин баҡсаны бөтөүгә, мунса яҡҡайны – ожмах мунсаһы!.. Был мунса хаҡында шиғыр яҙмай булмаҫ. Әлегә эскиз: «Ожмах мунсаһы» (25 юллыҡ шиғыр – Р.Б.). Мунсанан һуң – 200 гр. – Йүрүҙән буйы. Ай юлдары тимгел-тимгел. «Һары ла сәсә» һәм һандуғас тауышынан иҫереү. Бөйөк хыял: китапханасы булып ҡына ауылда эшлә ине лә бөтә ауылды йәшеллеккә – тирәктәргә, ҡайындарға, муйылдарға, миләш-баландарға, сәрүи-сирендәргә төр ине...» (16.05.73). Тау битендә ай яҡтыһында хыялдарға бирелеп, Рәми оҙаҡ ултыра. Ауылда күпме файҙалы эштәр эшләр, йәштәрҙе ойошторор, бик бай китапхана туплар ине. Насар китапханасы булмаҫ ине, Мирхәйҙәр Фәйзи һымаҡ эшләй алыр ине, моғайын. Яҙырға ла әллә күпме ваҡыт ҡалыр ине. Донъяға хушбый һипкәндәй муйыл сәскәләренең еҫе таралған. Айлы төндә уй-хыялдарҙың игенә-сигенә сығырлыҡ түгел. Яңы өй, баҡсасылыҡ, балта-бысҡы эштәренә оҫтахана... Рәми ултыртҡан баҡса ошондай айлы төндәрҙә хуш еҫтәр бөркөп ултырмаҫмы, елдәрҙә уның тирәктәре шауламаҫмы икән ни? Тағы ла Такубокуҙың «Өй» тигән шиғыры иҫкә төшөп, бик моңһоу булып китте. Япон шағирының үҙенең һәр урыны күңелгә ятышлы өйө хаҡындағы тормошҡа ашмаҫ хыялдары... Напрасная и грустная моя, И бесконечно милая мечта, Мне было бы жалко потерять тебя! И думаю в молчанье одиноко Все о тебе, любимая мечта!.. Тыуған төйәктә ғүмеренең иң саф көндәре яңынан ҡайтҡандай, был яҡты донъяларҙан әллә ҡасан киткән ҡәҙерле кешеләр телгә килгәндәй, тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҙа тормошҡа ашырҙай булып күренә башлай. Элек тотошо менән олатайҙары – Ғәйфуллиндар ауылы булған Яубүләктә өләсәһенең ҡәберенә сабый ғына саҡта башта бер ус еләк, унан һуң бер ус тупраҡ ташлағанын хәтерләй. Күңелендә Салауат хаҡында хикәйәттәр тулы ил инәһенең бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, күгәрсен гөрөлдәүе һымаҡ яғымлы, изге доғалар, салауат әйтеүҙәр һымаҡ арбаусан тауышын Рәми оноторлоҡ түгел, ҡәберенә дуҫтары тупраҡ ташлағанда ла ошо моң уға һаман ишетелеп торор һымаҡ. Ләкин ғәзиз төйәк ҡосағында оҙаҡ йәйрәп булмай. Шағир ең һыҙғанып эшкә тотонғанда ғына Өфөнән ҡатыны шылтырата: китаптар хаҡында һөйләшеү өсөн Өлкә комитетына керергә кәрәк. Бер китап тураһында ғына түгел, китаптар тураһында һүҙ бара. Нәшриәткә бер юлы әллә нисә йыйынтығын килтереп, Рәми Ғарипов директор Нуретдиновтың ҡотон алғайны. Шағир ижадының ҙурлығын, тау дәүмәле хеҙмәттәрен был чиновник нисек аңлаһын? Китаптары ваҡытында донъя күрһә, сығарған һайын талап-йолҡоп бөтөрмәһәләр, был тиклем йыйылып та китмәҫ ине. Өлкә комитетының, республика түрәләренең тупһаларын тапауҙан хәлдәрҙең яҡшыға үҙгәрмәҫен Рәми инде яҡшы белә. Шулай ҙа Өфөгә ҡайтмайынса булмаҫ. Үҙенең ышанысынан да бигерәк ҡатындың һуңғы өмөтөн һүндерергә ярамай. Хәҙер шағирҙың иң ныҡ өмөт иткәне – «Миләш-кәләш» исемле китабын нисек тә тулыраҡ итеп сығарыу. Ҡырҡ йәшен уҙған Рәми Ғариповтың егерме йылдан ашыу ғүмере туған әҙәбиәткә хеҙмәт итеп үтте. Үҫмер саҡтарын да, йәшлеген дә, ир хәстәрҙәрен дә ижадҡа арнаны. Ошо көнгә тиклем илһамы һүрелмәй, бер йылда яҙғандарын яңы бер йыйынтыҡ итерлек. Шиғырҙарын уҡыусылар ҙа, әҙәби йәмәғәтселек тә, тәнҡитселәр ҙә юғары баһалай. Әҫәрҙәрен ҡалын китап итеп халыҡҡа еткерергә уның тулы хоҡуғы бар. Бына ошондай уйҙарҙан сығып, ҙур өмөттәр бағлап төҙөлдө «Миләш-кәләш» китабы. Шағир уға бик күп яңы шиғырҙарын индерҙе, һайлап алып, элеккеләрен дә өҫтәне, тәржемәләрен ҡушты. Ижадының төрлө осорҙарын күрһәткеһе килде, әммә төп урынды әле бер йыйынтыҡтарына ла инмәгән әҫәрҙәренә бирергә тырышты. Был тупланма Рәми Ғарипов ижадын, бигерәк тә уның һуңғы йылдарҙағы яҙғандарын тулыраҡ күрһәтер. Тик ошондай китап ҡына шағир исеме тирәһендәге төрлө имеш-мимештәрҙе таратыр, уның ысын булмышын, нимәләрҙе яҡлап, ни өсөн янып йәшәгәнен уҡыусылар яҡшыраҡ аңлар. Халыҡҡа нисек тә тулыраҡ барып етергә ине. Ватандаштар менән фекер уртаҡлашыр, аңлашыр өсөн уның шиғри һүҙҙән башҡа сараһы юҡ. Уҡыусылар менән бәйләнешкә Рәми Ғарипов хәҙер айырыуса мохтаж. Ләкин нәшриәттә бер ҙә ҡыуандырманылар: планға ни бары өс табаҡ индереп ҡуйған булдылар. Йәғни машинкала 70-75 бит, барлығы 2100 юл тигән һүҙ. Был күләмгә элек баҫылмағандары ла һыймаясаҡ. Аптыраған көндән Рәми, исмаһам, дүрт табаҡлыҡ китап булһын тип дәғүәләште. Ләкин нәшриәттә уның теләгәненең бөтөнләй киреһен эшләгәндәр. Матур әҙәбиәт бүлеге мөдире Агиш Ғирфанов: «Китабыңды төшөрөп ебәрҙек инде», – тип ултыра. Пландағы өс табаҡ урынына ике табаҡҡа ҡалдырғандар! Йыйынтыҡтың редакторы – Рауил Шаммасов: «Наборға төшөрҙөк инде, бөтәһе лә уҡынылар, минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ», – тиеүҙән башҡа бер нәмә лә өҫтәй алмай. Инде ҡайҙа барып бәрелергә, кем менән кәңәшләшергә, кемдән ярҙам һорарға? «Әгәр хәйерсе хәлдә булмаһам, был китаптан бөтөнләй баш тартыр инем дә, булмай. Һыҙып ырғытҡан ярты китапты Клара Төхфәтуллинаға илтеп биргәйнем, шылтыратҡас, бик томһа тауыш менән: — Уҡыйым әле, уҡыйым, понедельник килерһең, – тигән булды. Тимәк, бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ. Урал Бакиров ҡына берәй нәмә эшләмәһә, таштан йүкә һуйылмаҫ, ахыры. «Миләш-кәләш» шулай минең иң хөрт китап булып ҡалыр, ахыры. Бөтә яңы шиғырҙар һыҙып ырғытылған. Бөтәһе лә уҡып сығып, һәр береһе йолҡҡолаған. Хужа Насретдин тауығы итеп бөтөргәндәр. ...Әҙәбиәт бүлегендә стенаға элеп ҡуйған йөкләмәләр өҫтөнә: «План выполнен... Ура!» тип яҙып ҡуйғандар. Минең китап иң һуңғы китап булып наборға төшкән... — Һинең арҡала беҙ премияһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит, – ти Әмир ағай (нәшриәттең баш мөхәррире Әмир Гәрәев – P.Б.). — Кемгә – нимә... Эй, замана!..» Рәми Ғарипов 1974 йылдың 15 июнендә көндәлегендә ошондай хәлдәрҙе бәйән итә. 17 июндә шағир КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында була. Клара Төхфәтуллина китапты уҡып сыҡҡан. Һөйләгәндәре һис тә шатландырырлыҡ түгел. Уның уйынса, шиғырҙарҙа бер төрлө мотив, пессимизм, тәржемәләр ҙә шул уҡ характерҙа икән. Шулай ҙа Нуретдиновҡа өс табаҡ итһендәр тип әйтеп ҡарармын, ти. Шул заманда Башҡортостанда идеология эштәре өсөн яуаплы кешеләр шағирҙы пессимизмда, төшөнкөлөк мотивтарын ҡабатлауҙа ғәйепләйҙәр. Рәми үҙе генә түгел, ул тәржемә иткән донъяның бөйөк шағирҙары ла төшөнкөлөктө йырлауҙан әллә ни алыҫ китә алмағандар икән. Фирҡә етәкселәре талап иткәнсә, шиғырҙарҙа бөтәһе лә күтәренке рухта, ап-асыҡ булырға, бер ниндәй шик-шөбһәләргә, икеләнеүҙәргә урын ҡалмаҫҡа тейеш. Нимәгә уларға һинең болоҡһоуҙарың, хаталаныуҙарың, булған һәм булмаған гонаһтарың өсөн үкенеүҙәрең, сафлыҡҡа, ихласлыҡҡа сарсауҙарың, матурлыҡ, камиллыҡ, илаһилыҡ эҙләп өҙгөләнеүҙәрең, нимәгә уларға һинең һағыштарың, ғазаптарың, тәүбәләрең, доғаларың?.. Бәхеткә күрә, башҡорт шиғриәте бындай сикләү-ҡыҫалар тарлығынан күптән сыҡҡайны инде. Етмешенсе йылдар уның иң сағыу үҫеш дәүерҙәренән булды. Донъяны аҡ менән ҡара төҫтәрҙә генә һүрәтләү, тормоштоң үҫеш диалектикаһын, йәшәйеш өсөн мәңгелек, аяуһыҙ көрәштең асылын тик синфи ҡаршылыҡтарға ғына ҡайтарып ҡалдырыу әҙәбиәт өсөн күптән инде анахронизмға әйләнгәйне. Әлбиттә, әҫәрҙәрҙә уй-кисерештәр фәҡирлеге, схематизм, шиғырҙарҙағы яһалма пафос, образһыҙлыҡ, һүҙҙең бәҫен ебәреү – был бәләләрҙән әҙәбиәт бер генә заманда ла тулыһынса ҡотола алмаясаҡ. Улар үҫеү йәки тәжрибә туплау миҙгелендәге генә ауырыуҙар түгел, тыумыштан килгән тамғалар. Ләкин уларҙың уртаҡ сифаттарға әйләнеп, хакимлыҡ иткән саҡтары үтте. Етмешенсе йылдарҙағы башҡорт шиғриәте илдәге иң танылған, тәжрибәле шиғриәттәр менән тиң дәрәжәлә булырлыҡ юғарылыҡтарға күтәрелде. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рәшит Назаров әҫәрҙәре күп милләтле совет әҙәбиәтендәге юғары ҡаҙаныштар араһында баһаланырға хаҡлы ине. Барлай башлаһаң, шул осорҙа ижад иткән бындай таланттарын һәр халыҡ ошолай теҙеп атай алмай. Башҡорт шиғриәтендә иһә һәр береһе үҙенсәлекле өлөш индергән һәләтлеләр исемлегенә яңы көстәр өҫтәлә торҙо. Шуныһы сәйер: шиғриәт шундай үҫеш кисергәндә, яңы эстетик юғарылыҡҡа күтәрелгәндә, партия идеологияһына төплө фекер, киң ҡараш етмәне. Әҙәби күренеште баһалауҙары конъюнктур мәнфәғәттәргә ҡоролдо, талаптары, йүнәлеш бирергә тырышыуҙары йыш ҡына примитив ине, ул-был булмаһын тип, алан-йолан ҡарап эшләнде. Егерменсе съездан һуң килгән «йылыныу», сағыштырмаса иркенлек миҙгеле оҙаҡҡа һуҙылманы, үлсәүҙәр, ҡоршауҙар яңынан ҡыҫыла барҙы. Әлбиттә, һәр дәүләттең рәсми сәйәсәтендә илдең бөтөнлөгөн һаҡлай торған теге йәки был сикләүҙәр була. Ошо үҙенсәлек уның әҙәбиәткә ҡарата мөнәсәбәтендә лә сағыла. Ләкин бындай «уяу булыу» һәр авторҙа потенциаль дошман күреүгә, һәр әҫәрҙән сүп эҙләүгә килтерә. Бына шуның һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тентеү, китаптарҙы йолҡҡолауҙар килеп сыға. Быларҙың язаһын башҡорт әҙәбиәтендә иң күп күргәне Рәми Ғарипов булды. Саҡ ҡына яңылыш баҫҡан өсөн, ҡайһы саҡта ҡыҙмаса баштан милицияға эләккәнгә йәки ғаиләлә ыҙғыш килеп сыҡҡанға авторҙарҙың әҫәрҙәрен газета-журналдарҙа баҫмай тороуҙар, исемен тыйыуҙар ул йылдарҙа властарҙың насар ғәҙәтенә ингәйне. Быларҙы башҡорт әҙиптәре лә байтаҡ кисерҙе. Шағир йәки яҙыусы өсөн бынан да ғәҙелһеҙерәк мөнәсәбәтте, ҡатыраҡ язаны табыуы мөмкинме? Күрәһең, мөмкин. Хөкөмдөң тағы ла ҡатырағы – сығып килгән әҫәреңде, ерле юҡтан совет ҡанундарына һыймаған мәғәнәүи ғәйеп табып, туҡтатып ҡуйыу, хатта инде әҙер китаптың биттәрен йыртып алыу ине. Назар Нәжмиҙең бер йыйынтығы менән шундай хәл булғайны. Минең «Ностальгия» исемле поэмам да шундай яҙмышҡа дусар ителде. Уны «Совет Башҡортостаны»нда баҫтырған өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренә шелтә эләкте, был әҫәремде ул йылдарҙа китаптарыма индермәнеләр. Нәҡ ошо йылдарҙа Шәйехзада Бабичтың исеме яңынан тыйылды, шиғырҙарын дәреслектәрҙән алып ташланылар, русса ике томлыҡ шиғри антология Бабичһыҙ сыҡты, шағирҙың тормош һәм ижад юлы хаҡындағы минең монографиям ун йылға яҡын донъя күрә алманы. Хәҙер ҡайһы берәүҙәрҙең күҙ алдына Рәми Ғарипов тәүге башҡорт диссиденты булып кәүҙәләнергә лә мөмкин. Ләкин ул бер ваҡытта ла дәүләт төҙөлөшөнә ҡаршы сыҡманы, йәне-тәне менән совет иленең тоғро ватансыһы булып йәшәне һәм ижад итте, уның дошмандарын күрә алманы («Күр һин, дошман: беҙҙең дөрөҫлөк был!»). Ләкин ул үҫеште тотҡарлаусы ҡанундарҙы, фекерҙе быуыусы тыйыуҙарҙы, һәр нәмәнән шикләнеүҙе ят күрҙе. Уның өсөн ил яҙмышы менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ изге төшөнсәләр ине. Милләттәрҙе кәмһетеү, бер телде икенсе телдән өҫтөн ҡуйырға тырышыу шағирға Ватанды кәмһетеү булып күренде. Эй һин, илен-телен һатҡан бәндә, Дер ҡалтырап ятҡан мәлеңдә, Һинән хатта ҡәбер тарһынырлыҡ, Үлем сирҡанырлыҡ йәнеңдән, – тигән шағирҙың әҫәрҙәре вазифаһын ғына ҡайғыртҡан етәкселәрҙе нисек һиҫкәндермәһен дә нисек инде уның алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы һәр яңы йыйынтығын ҡат-ҡат тентемәһендәр ҙә йолҡҡоламаһындар? Ҡараҡтың бүрке яна тигәндәй, Рәми Ғариповтың тура һүҙҙәре кемгә төбәлгәнен улар бик яҡшы аңлай ине бит. Ошондай шарттарҙа шағирҙың «Миләш-кәләш»енең таланыуы, мәсхәрәләнеүе ғәжәпме ни? Өлкә комитетында һөйләшкәндең иртәгеһенә Рәми Ғарипов Мостай Кәримдә була. Уның ярҙам итергә тырышыуы бер бөгөн генә түгел. Яҙыусылар союзы идараһының сираттағы ултырышында Мостай ағай ошондай яҙыу ебәргәйне. «Рәми! Һин миңә ҡараштырып ҡуяһың! Яуап көтәһеңдер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һине ҡыуандырырлыҡ уҡ хәбәр әйтә алмайым. Ыңғай яуапты үҙем ала алманым. Бәлки, икенсе бер вариант тураһында уйлашырбыҙ. Был хаҡта мин онотмам, саралар күрермен, кәрәк кешеләр менән тағы һөйләшермен, белешермен. 16.VIII.73 г. М. Кәрим». Ул саҡта килеп сыҡмаһа, был юлы килеп сығыр. Яҡшылап аңлатып бирергә кәрәк. Артабан ике шағир араһындағы ихлас һөйләшеүҙең шаһиты булған көндәлеккә иғтибар итәйек: «Китаптың йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас уҡ, Әмир Гәрәевтең телефоны юҡмы икән тип, өйөнә шылтыратмаҡсы булғайны ла, мин: — Өйөндә телефоны юҡ, буғай, – тигәс, хат яҙырға булды. Бер биттән ашыу хат яҙып, миңә уҡып сыҡты ла үҙенә илтеп бирергә ҡушты Бында китаптың мөхәррир тарафынан йолҡоноп, ярлыландырып, мөнтәҫләнеп бөтәүе, автор ихтыярын һанға һуҡмау һәм уның хаҡлы, нигеҙле талаптары хаҡында һүҙ бара ине. Шуның өсөн Мостай ағай нәшриәттең автор теләктәрен дә иҫкә алырға тейешлеген әйтергә теләй ине. — Автор теләктәренең хаҡлыһына, – тинем мин. Мостафа ағай шулай тип яҙҙы лә. Унан минең әҙәбиәттә инде 25 йыл эшләп килеүем, минең һәр китапты күҙәтеп килеүе, рецензиялар ҙа яҙыуы, «Миләш-кәләш» китабының яҙмышы ла үҙенә яҡын булыуы хаҡында әйтеп, уны үҙе Мәскәүҙән ҡайтҡас, 24 июндәр тирәһендә бергәләп ҡарап сығырға, наборға бирмәй торорға һораны. Шулай итеп, хатты бергәләп һөйләшә-һөйләшә яҙып, уҡыны. Бына әле ул хат минең алда ята: «Әмир Гәрәевкә. М. Кәрим» (18.06.74). Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, ике шағир был мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайта: «Мостай ағай менән һөйләшеү. — Китабыңды уҡып сыҡтым, яңы шиғырҙарыңдан бер-ике минорныйынан башҡаһы барырлыҡ. Тәржемәләреңде оригиналдары менән уҡыным. Ахунйәнов ҡайтҡас, барып һөйләшербеҙ. Бер аҙна көтөп тор инде. Мин башта үҙем һөйләшеп сығырмын, – тине» (15.07.74). Хатта Мостай Кәримдең ярҙам итергә тырышыуҙары ла «Миләш-кәләш»тең ауыр хәлен еңеләйтә алмай. Китаптың һуңғы битендәге белешмә: «Наборға бирелде 20/VI – 1974 йыл. Баҫырға ҡул ҡуйылды 3/IX – 1974 йыл». Күләме ике табаҡтан артыҡ, өс табаҡтан кәм. Амин. Вәссәләм. «Миләш-кәләш»тең яҙмышы шуның менән хәл ителде. Башҡаса һөйләшеүҙең түбәндә лә, юғарыла ла булыуы мөмкин түгел. Башыңды ташҡа бәрһәң дә, һис бер нәмә үҙгәрмәйәсәк. Бөгөлә миләшкәйем, Түгелә миләшкәйем. Түгелмәй шул миләшкәйем, Түгелә күҙ йәшкәйем... Миләштең ҡойолғанын күрерҙәр, һинең күҙ йәшеңә иғтибар итмәй үтерҙәр. Хәйер, уны һин үҙең дә күрһәтмәйәсәкһең. Китаптың яҙмышы шағирҙың яҙмышы ул. Уның ижадындағы яңы баҫҡыс, хатта үҙенсә яңы этап. Яңы йыйынтығына әҫәрҙәре тулыраҡ ингән икән, тимәк, шағирҙың уңыштарын, үҫешен уҡыусылар тулыраҡ күрә аласаҡ. Уның китабын йолҡҡолау хаҡ һүҙ һөйләп торған кешенең ауыҙын ябыу йәки рәссамдың яҙған һүрәтен йәшереп бикләп ҡуйыу, ҡулынан ҡылҡәләмен һуғып төшөрөү менән бер. Был баҫмаға шағир яҙмышы ғына түгел, уның ғаиләһенең, ҡатынының, ике улының, кескәй ҡыҙының йәшәйеш-көнкүреше лә бәйләнгән. Китапты йолҡҡолайҙар икән, тимәк, сабыйҙарҙың өлөшөн тартып алалар. «Балаларҙың өсөһө лә грипп менән ята. Гонконг грибы тиҙәр. Температуралары 39-ҙан уҙып китә. Төрлө һут-маҙар, хатта дарыу алырға ла аҡса юҡ» (14.03.74). «Миләш-кәләш» иң хөрт китабым булып ҡалыр, ахыры, тип шикләнһә лә, был осраҡта Рәми Ғарипов хаҡлы түгел ине. Тәүге йыйынтығында өйрәнсек шиғырҙар осраһа ла, уның насар китаптар сығарғаны булманы. Һәр яңы йыйынтығы әҙәби процеста ваҡиға тыуҙырҙы, юғары баһаланды. Улар шағирға абруй өҫтәне, әҫәрҙәре уҡыусыларҙың ҡулынан, халыҡтың теленән төшмәне. «Миләш-кәләш» китабы өс бүлектән тора. «Ҡалҡаным» тигән тәүге өлөштә шағир илде ил, халыҡты халыҡ итер мәңгелек ҡиммәттәр, йәшәүҙең нигеҙҙәре тураһында уйлана. Рәми Ғарипов өсөн: Үҙ ереңдә ятҡан таяҡ менән Еңелерәк юлдар үтеүе, Бер өйрәнгәс, аҙаҡ ауыр хатта Таяғын да ташлап китеүе. Таяғы-сыбығына тиклем яҡын булған кеүек, тыуған ерҙә, әгәр ҙә ҡәҙерләй белһәң, ҡарғалар ҡайтыуы ла үҙенсә байрам килтерә: Мәғәнә бар ҡарға йырында ла, Һөрән һалған саҡта «ҡар ҙа ҡар!» Алда әле, тиҙәр, һандуғаслы, Ҡыуаныслы күпме яҙҙар бар. Был шиғырҙар китапҡа һуңғы йылдарҙа яҙылғандарҙың ярсыҡтары ғына булып ингән. Ләкин ошо айырым үрнәктәр шағирҙың яҡты донъяһынан нур бөркөп торалар. Икенсе бүлек «Миләш-кәләш» тип аталған, йәйәләр эсендә «Тик мөхәббәт хаҡында» тигән һүҙҙәр өҫтәлгән. Рәми Ғарипов һөйөү тураһындағы шиғырҙарын бергә туплап, шул исемдәге китап сығарырға хыяллана торғайны. Ниәтен тормошҡа ашыра алманы. Ҡырҡлап шиғыр был бүлектә бер-береһенә үрелеп, моңһоу бер көй хасил була, башҡорт мөхәббәт лирикаһы үҫешендә Рәми Ғарипов шиғриәтенең әһәмиәтен тағы ла нығыраҡ раҫлай. «Минең антологиям» бүлегенә ингән тәржемәләрҙе уҡып, уҡыусылар үҙҙәре өсөн яңы әҫәрҙәр менән танышҡандыр, элек белгәндәренең дә башҡортса ни тиклем тәбиғи яңғырашына һоҡланғандыр. Шағирҙың тәржемә антологияһы бында өлөшсә генә инде. Башҡа китаптарына инмәгән үткер-үткер шиғырҙарҙы, «Табыныу» поэмаһын, тағы әллә ни тиклем уйсан һәм һағышлы юлдарҙы үткәрмәнеләр, күпме әҫәрҙәрҙе рәхимһеҙ ҡулдар һыҙып ташланы. Улар ингән хәлдә йыйынтыҡ ни тиклем көслөрәк булыр ине, ләкин уның төп рухын барыбер ышаныс, өмөт билдәләр ине. Китап менән танышҡан бәғзе берәүҙәрҙең Ғариповты пессимизмда ғәйепләрлек һис бер нигеҙҙәре юҡ ине. Шағирҙың һағыштары ла күңелдәрҙе сафландырыусы һағыш икәнлеген, болоҡһоуҙарының рухи камиллыҡҡа ынтылыуҙан тыуғанлығын ундай ғәйепләүселәр аңларлыҡ кимәлдә инеме ни? Алан-йолан ҡаранып йәшәргә күнеккән, үҙенән юғарылағы түрәнең ни әйтерен эстән дер ҡалтырап көтөп ултырған йәндәрҙең донъя менән бәйләнеше бөтөнләй башҡа принциптарға, шым һәм шыма йәшәүгә ҡоролғайны. Рәми Ғарипов ауыр кисерештәрен тышҡа сығарып барманы, һыҙланыуҙарын белгертмәне. Тормоштан ризаһыҙ, яҙмыш менән бәхәс мәлдәрен бер ҡасан да мыжыуға, ваҡланыуға әйләндермәне. Башҡаларҙың бәхетенән көнләшмәне, сит өлөшкә ымһынманы. Үкенестәренә лә сабырлыҡ ҡушылды: Эй, йәш миләш, утлы күҙ йәш-тәлгәш, Ниңә шулай көҙләп балҡының? Ҡалһын, ҡалһын үҙ усыңда ғына Тик берәүгә изге ялҡының?.. «Миләш-кәләш» тигән исеме менән үк китап үҙенә тарта, серҙәр иленә саҡырып тора. Шағир үҙе лә «Гел ышанғым килә мөғжизәгә, ышанысһыҙ күңел – ул йырһыҙ» тигәйне. Йыйынтыҡты ҡулына алған уҡыусының өмөт-ышаныстары бушҡа булманы. Тик авторҙың йөрәгендә «Миләш-кәләш» тәрән яра ҡалдырҙы. «Шиғриәт» тигән шиғыр менән асылған был китаптың һуңғы битендәге һуңғы һүҙҙәр Рәсүл Ғамзатовтың «Ләғнәт» шиғырындағы ошо юлдар: Яу юҡта ла ләғнәт ҡурҡаҡҡа, Икеләтә ләғнәт – яу барҙа. Ләғнәт ҡомһоҙ, моңһоҙ ир-атҡа Ҡурҡаҡ менән бер үк ҡатарҙан. Миңә оҡшай бөтә халыҡтар, Берәйһенә яла яғырға, һүҙ әйтергә кемдең хаҡы бар? – Өсләтә ҙур ләғнәт шуларға. Һәм ҡәһәрем төшһөн йән дуҫҡа, Ауыр саҡта ҡулын һуҙмаһа, Ләғнәт тағы һатлыҡ тауышҡа, Төрлө ҡорға ярап буҙлаһа!.. Рәмиҙең йөрәк яраларына тоҙ һалыусылар, был ләғнәт һүҙҙәрен уҡығанда, уларҙың кемдәргә төбәлгәнлеген аңламай ҡалмағандыр. Күпме генә тырышһалар ҙа, хакимдар ғорур шағирҙы үҙҙәре теләгәнсә буҙлата алманылар. Сараһыҙ ҡалған саҡтарында Рәми бөйөктәрҙән ярҙам һораны, үҙенә әйтергә тыйылғанды Рәсүл Ғамзатов һүҙҙәре менән еткерҙе. Рәмиҙең ауыҙын ябырға көстәре етә икән, Ғамзатовты тыйып ҡараһындар! Хәсән Туфан әйткәнсә, «Ғамзат бит беҙҙең Рәсүл!» Китабын һатлыҡтарға һәм ҡурҡаҡтарға ҡарата хәтәр ләғнәт һүҙҙәре менән йомғаҡлаһа ла, Рәми Ғарипов үс һаҡлаусы, кенә ҡыуыусы булманы. Уның мәрхәмәте асыуынан юғарыраҡ, мөхәббәте нәфрәтенән көслөрәк ине. Шағирҙың үҙе иҫән саҡта сыҡҡан йоҡа ғына һуңғы китабының ғаиләгә матди ярҙамы бик аҙ тейҙе. Рәми тағы ла Арҡауылда. Ҡатыны, хаҡлыҡ эҙләп, тағы ла Яҙыусылар союзында, нәшриәттә була. Өмөтлө һүҙ ишетмәгәс, «йәшел йорт»ҡа барып етә. Партияның Өлкә комитетында идеология секретары Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов уны көттөрмәйенсә ҡабул итә. Һөйләшеүгә мәҙәниәт бүлегенән Клара Төхфәтуллинаны ла саҡыра. Улар араһындағы һөйләшеүҙе Надежда Васильевна Ғарипова теркәп ҡалдырған. Шул яҙмаларҙан өҙөктәр килтерәйек: «Т. И.: Он пишет стихи, от которых веет не нашим, не советским, в них боль за ушедшее, которое он хочет вернуть, он против советской власти. К. Т.: Почему он видит мир не таким, как я, например? Я тоже закончила два института, воспитана комсомолом, современностью. Н. В.: Рами никогда не показывает, что он закончил Литературный институт им. Горького. Он видит мир своими глазами, то, что видите вы – не видит Он. Потому что Он – Рами – Поэт... Т. И.: Мы хотим, чтобы он больше обращался к нам и писал то, что нам надо, что вокруг нас. Ведь я настоял, чтобы после драки с Вазихом Исхаковым их обоих оставили в правлении СП. Вот за этим столом все хотели повернуть это как национальный вопрос, я не дал делу такой ход. Да и в том, что он в правлении, и я сам отношусь к нему как к талантливому поэту, если бы он не был талантлив, мы бы здесь о нем не говорили. Мы хотим склонить его на нашу сторону, поэтому «бьем его рублем». Может быть, заставим вернуть в издательство полученные им 500 рублей – аванс за книгу. Н. В.: Да, Рами принес 500 рублей. Но вы бьете рублем не только его, но и наших детей. К. Т.: Мы слышали, что вы голодаете... Почему он так старательно воспевает свое, башкирское? Вы и детей своих отдали в башкирскую школу учиться. Зачем?.. Т. И.: ...И у него есть стихи, которые нельзя печатать. Рами показывал мне свою поэму «1937 год». Я сказал, что ее надо спрятать подальше в архив для истории. Н. В.: Но ведь как сделано, какое время страшное, и звучит поэма прекрасно. И все написанное – правда. Т. И.: Да, она сделана очень хорошо. Ну что ж, пусть приходит к нам, поговорим, может, что-нибудь и сделаем». Һөйләшеү бер сәғәткә яҡын бара. Килгән ҡатындың үтенесе – шағирға эш биреү, китаптарын сығарыу. Бында булғанын Рәмигә әйтмәүҙәрен һорай. Ауылға китә: «Я поехала за тобой в Аркаул. Дом пустой, а ты копал никому не нужную яму под туалет. Стоят березки, рябинки, посаженные нами в 1959 году во дворе. Настолько зрительно осталось – ты стоишь в яме уже по кудрявую голову. Так страшно защемило сердце мое. Я не берусь высказать те мысли, что появились тогда». Өлкә комитеты секретарына ямалып бөткән кейемдә барырға уңайһыҙланып, кредитҡа яңы костюм-салбар, күлдәк алалар. Шағир «йәшел йорт»тан йылмайып килеп сыға, эшкә урынлашыуға өмөтө яңынан тоҡана. Ләкин биргән вәғәҙәләре үтәлмәй. Тағы ла эшһеҙлек һәм хоҡуҡһыҙлыҡ йәнде иҙә. Айырым түрәләрҙең ғәҙелһеҙлеге өсөн Рәми Ғарипов тотош совет системаһын ғәйепләргә йыйынмай. Ватандың уға күрһәткән изгелектәрен ул ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел. Китапты талап сығарыуҙар йәнде иҙһә лә, иманды ҡаҡшатырлыҡ түгел. Был имандың үҙәгендә иһә илгә, яңы тормош төҙөү идеалдарына тоғролоҡ ине. Башҡорт шағирҙары уларҙың дөрөҫлөгөнә тамсы ла шик белдермәне. Рәми Ғарипов вафат булғандан һуң ун йылдан ашыу ғүмер үткәс бер хат яҙыла. Хәйбулла районының Уфимский ҡасабаһында бер сабыйға Айгөл исемен ҡушҡанда тыуа был киләсәккә төбәлгән хат: «Айгөл! Үҫеп еткәс, ошо ҡанундарҙы уҡы һәм шулар буйынса йәшәргә тырыш. Үҙеңде бөйөк Тыуған илебеҙҙең – Совет Социалистик Республикалар Союзының, кешегә дуҫ, иптәш, туған булған ирек һәм бәхет иленең гражданы булыуыңды һәр ваҡыт иҫеңдә тот. Тыуған илебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡла, уның байлығын һәм данын арттыр. Бөйөк Ленин күрһәткән тормош юлы буйлап ышаныслы атла. Ғүмер йәшәлгән йылдар менән түгел, ә һинең башҡа кешегә лә эшләгән изгелектәрең, үҙеңдән һуң был ерҙә ниндәй эҙ ҡалдырыуың менән үлсәнә. Намыҫлы һәм эшһөйәр, ҙур һәм бәләкәй эштәрҙә ғәҙел бул. Ата-әсәйеңде, өлкәндәрҙе ихтирам ит. Бәхет – ул үҙ халҡыңдың мәнфәғәте өсөн, кешелектең яҡты киләсәге коммунизм өсөн шатлыҡлы хеҙмәт икәнен һәр ваҡыт иҫеңдә тот. Мостай Кәрим, Тамара Ғәниева, Ҡәҙим Аралбай, Динис Бүләков, А. Филиппов. 5 июнь, 1987 йыл». Ун һигеҙ йәше тулғанда ғына асырға тейеш булған был хатты Айгөл беренсе тапҡыр уҡығанда ер йөҙөндә СССР ҙа, КПСС та булмай, бөйөк ил тарҡала. Ләкин хатта яҙылған йәшәү принциптары, изге теләктәр бер ваҡытта ла иҫкерерлек түгел. Улар – мәңгелек. Рәми Ғарипов өсөн совет иле иң ғәҙел донъя булды. Совет Ватаны уның үҙен, уның туғандарын, күпме етемдәрҙе тәрбиәләп үҫтерҙе, белем бирҙе. Уның ҡылған яҡшы эштәрен һанап бөтөрлөк түгел. Тик ниңә ошо дәүләттә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуялар. Ниңә ундай етәкселәр тейешле язаһын алмай? Рәми Ғарипов туған йәнле булды, балаларын өҙөлөп яратты, әсәһен һағынды. Шиғырҙарында улдары Салауат менән Азаматҡа йыш өндәште, һөйөклө ҡыҙы Гөлнара тураһында, әллә күпме ҡайнар йәштәрен түгеп, ҡайнар юлдар яҙҙы. Рауил менән Урал ҡустыһына, Мөршиҙә һеңлеһенә ҡарата һәр саҡ хәстәрлекле булды, уларҙың уҡыуҙарын теләне, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Туғандарының һәр береһенә шиғыр арнаны. Әсәһе Гөлмәрйәм апайға бағышланып, классик әҫәргә әйләнгән «Әсәм ҡулдары»на тиклем дә, унан һуң да әллә күпме шиғырҙар тыуҙы, көндәлектәренең нисәмә биттәрендә әсәһен ололаны. Алтмышынсы йылдарҙа Рәми Ғарипов: «Өҙгөләнә өс көй, үкһей миндә өс сабыйҙың бәхете хаҡына», – тип яҙғайны. Шул уҡ осорҙа шағир: «Ергә ятып, бер илайһы ине, бер илайһы ине туйғансы», – тип үрһәләнгәйне. Әммә шиғырҙың аҙағы бына нисегерәк бит: «Тик күҙеңдә инде йәш ҡалмаған, ир күҙе тик ҡорос нур сәсә...» Ошо уйҙарҙы Әхиәр Хәкимовҡа арналған «Ут илауы» шиғырындағы һүҙҙәр дауам иткән һымаҡ: Ир ҙә илай. Күҙ йәштәре ирҙең Елгә осмай, Һеңә еренә. Тик күрһәтмәй ирҙәр Күҙ йәштәрен Илгә түгел, хатта йәренә. Күҙ йәштәрен шағир илгә күрһәтмәһә лә, улар, утлы бөртөктәр булып, йөрәген көйҙөрөп тама. Ғаиләһе, балалары хаҡында уйлап, инде нисә төндәр буйына йоҡоһоҙ. Берәй йүне булмаҫмы тип, өйҙән сығырға йыйынғанда, ҡатынының: «Аҡса тапмаһаң, ҡайтып йөрөмә!» тигән тауышы бәғерҙе телеп үтә. Ҡайһы бер һабаҡташтарының өйөндә булғанда, шағир уларҙың татыу ғаиләһенә ҡарап һоҡлана. Унан һуң көндәлегенә ошо юлдарҙы яҙғанда, йоҡоһоҙ төн уға мәңгелек һымаҡ тойола, яңғыҙлыҡ йөрәкте нығыраҡ ҡыҫа: «Ә минең хәләлем минән бары аҡса ғына таптыра... Әшәке һүҙҙәр яуҙыра... Күрәләтә һуғышҡа саҡыра... Ниндәй түбәнлек! Шунан һуң шиғырҙар яҙып ҡара инде. Мин инде хәҙер үҙемдең яҙмауыма түгел, яҙғаныма аптырайым. Бөтә ғүмерҙең яртыһы ошо мәхшәрҙәрҙән күңелде ҡатып ҡалыуҙан, боҙланып, ташҡа әйләнеүҙән һаҡлау өсөн көрәшеп үтте. Был хәл тағы күпмегә барыр, хоҙай үҙе генә белә. Иге-сиге күренмәй. Ләкин был хәлдә лә артабан йәшәп булмай. Быть или не быть? Эй, балалар...» Ғәзиз өс балаһының яҙмышын уйлап, йоҡоһоҙ төн үткәргән, эшһеҙлеккә дусар ителгән атаның да, ғаиләһе өсөн йәнен аямаған, аҡсаһыҙлыҡтан түҙемен юйған әсәнең дә хәлдәрен аңларға кәрәк. Заман шарттарына Рәми ҡулайлаша белмәне. Тормошта ул практик түгел, романтик ине. Уны совет власына ҡаршы тип ғәйепләргә маташһалар ҙа, ошо ҡоролоштоң юғары идеалдарын шағир үҙенең һәр күҙәнәгенә тиклем һеңдергәйне. Байтаҡтар байлыҡ артынан ҡыуғанда, ул идеялар менән йәшәне. Утыҙынсы йылдарҙың яланғас энтузиазм рухы уға сәңгелдәктән үк ҡағылғайны. Рухи байлыҡты барыһынан өҫтөн күреүсегә йәшәүе, әлбиттә, еңел булманы. «Юҡ, инәкәй, мин байлыҡҡа ҡарап, ҡорманым шул үтер юлымды» тигән Рәми мөхәббәттә лә шул ҡарашын яҡлай: Иңбашыңа төлкө яға түгел, Йәйғор ғына яға һалырмын. Ҡара төндәй толомоңа һинең Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын. Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә, Айҙы алҡа итеп тағырмын. Тик көтмә һин минән ер бүләге, Бөтәһен дә күктән табырмын... Шағир һымаҡ, йыш ҡына ерҙән айырылып, күктә осоп йөрөүселәр бик һирәк. Бер кем дә тормош ихтыяждарын урап үтә алмай бит. Ләкин Рәми Ғариповтың тормошҡа мөнәсәбәте башҡаса, күптәр өсөн сәйер күренергә лә мөмкин. Нигә генә хәҙер ҡағылмайым, Нигә генә хәҙер күҙ төшә, Бөтә нәмә серен сисә миңә, Бөтә нәмә йырлай, һөйләшә. Һәр ағастың үҙәгендә үҙем Һынсыл ҡарттай йәйрәп ултырам. Мин был ерҙең, гүйә, эйәһемен, Мин был ерҙә шулай мул торам. Миңә бары ҡайнар һөт булһын да, Булһын тағы телем икмәгем. Башҡа байлыҡ – бары бер айлыҡ бит, Тик ил ғәмен килә йөкмәгем. Рәми Ғариповтың был шиғыры Велемир Хлебниковтың: Мне мало надо! Краюшку хлеба И каплю молока. Да это небо, Да эти облака! – тигән Һүҙҙәрен иҫкә төшөрә. Хлебников үҙен «Ер шарының рәйесе» тип иғлан иткән, әммә уға ни тиклем аҙ кәрәккән. Рәми Ғарипов та иңенә ил ғәмен һала, ә үҙенең шәхси тормошо өсөн ҙур байлыҡтар таптырмай. Иле бәхетле, халҡы рухлы, донъялар имен булғанда ғына, тел-моң йәшәгәндә генә шағир бәхетле була ала. Ул донъя малынан бигерәк донъя ғәмен ҡайғырта. Ошоға бәйле Мостай Кәримдең Рәми Ғарипов хаҡында әйткәне хәтергә килә: «Көнкүреш мәшәҡәттәренән ул азат уҡ булмаһа ла, шуларҙан өҫтөнөрәк торҙо, шикелле... Донъя көтөү йәһәтенән ул егәрлеләрҙән түгел ине... Әммә ул эшлекһеҙ түгел, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡарыр кеше ине. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны – әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте – шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине ул – Рәми. Татарҙың бөйөк Туфаны, йәғни Рәми Ғариповты, энекәшем тип яратып, юғары баһалаған Хәсән Туфан, балҡарҙарҙың бөйөк сабыйы Ҡайсын Кулиев ана шундай ойотҡонан, шундай тоҡомдан ине. Улар өсөн донъя – фани, шиғриәт – мәңгелек». Бындай шәхестең яҙмышы, ғәҙәти самаларға һыймаған булмышы хаҡында һүҙ алып барыуҙар ҡайһы саҡта уны идеаллаштырыу һымаҡ күренергә лә мөмкин. Ләкин Рәми Ғариповтың тормошон бәйән иткәндә бер генә ваҡиғаны ла уйлап сығарманым, бары тик уның шиғырҙары, көндәлектәре, хаттары, яҡындарының һәм замандаштарының хәтирәләре нигеҙендә һүҙ алып барҙым. Совет әҙәбиәтендә ыңғай герой мәсьәләһе үҙәккә ҡуйыла торғайны. Кешеләрҙе яҡтылыҡҡа әйҙәүе, шәхестең яҡшы яҡтарын данлауы, рухты ҡанатландырырға тырышыуы менән совет әҙәбиәте донъяла уникаль күренеш ине. Бындай ынтылыш тормошто тик ал да гөл итеп күрһәтеүселәрҙе лә ишәйтмәй ҡалманы. Тормош ҡайһы саҡта шундай шәхестәр тыуҙыра, уларҙың рухи сифаттары, изге маҡсаттары, йәшәү рәүештәре үҙҙәрен аяуһыҙ ысынбарлыҡтың көнкүреш ығы-зығыларынан нисектер юғарыраҡ итә һымаҡ. Рәми Ғариповты Хоҙай нәҡ шундай заттарҙың береһе итеп яратҡайны. Ләкин ул һис бер гонаһһыҙ йән, идеаль герой түгел ине, әлбиттә. Ундай хәлдәр тормошта, ғөмүмән, бармы икән? Рәми ҙә хаҡһыҙ һүҙҙәр әйткәне, хата эштәр эшләгәне өсөн үкенгәндер. Соҡсона башлаһаң, ғәйептәр табыла ул. Ләкин кешеләрҙең тешһеҙлектәренә ҡарағанда уларҙың матур яҡтары мине нығыраҡ тарта. Әҙәм балаһы яҡтылыҡҡа ынтылыусан бит. Дәрүишерәк тәбиғәтле шәхестәргә был аяуһыҙ тормошта йәшәүҙәре айырыуса ҡатмарлы. Ғәҙелһеҙлектәр юлын ҡамаһа ла, Рәми ижад ритмын юғалтманы. Ләкин бындай шарттарҙа йөрәк ритмын һаҡлауы ҡыйын. Шағир бер генә китабын да үҙе төҙөгәнсә, боҙолмаған, таралмаған, таланмаған хәлендә күрә алманы. 1971-1974 йылдарҙа ғәҙелһеҙлектәр Рәми Ғариповты бер-бер артлы туҡтауһыҙ эҙәрлекләне. Телевидениелағы сығышында «Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ» тигән һүҙҙәрҙе бөтә Башҡортостанға яңғыратҡандан һуң матбуғатҡа юлдың бикләнеүе, журналдағы эштән китеү, Стәрлетамаҡтағы ваҡиға өсөн ғәйепте бер Рәмигә өйөү, милләтсе яманатын тағы ла нығыраҡ тағыу өсөн яңынан-яңы юҡ сәбәптәрҙе соҡоп сығарыуҙар, «Миләш-кәләш» китабының күләмен бер-ике табаҡҡа – исмаһам, 30-40 биткә арттырыу өсөн йөҙ һыуын түгеп, күпме тупһаларҙы тапауҙарҙың бер нәмә лә бирмәүе, һуңғы йыйынтыҡтың да таланып-йолҡоноп сығыуы – былар бит барыһы ла бер баштан үтә, бер йөрәккә йыйыла. Күҙҙәреңә мөлдөрәп ҡарап торған балаларыңа, осто осҡа ялғай алмайынса өҙгөләнгәндә екеренер хәлгә еткән ҡатыныңа был хәлдәргә ҡалыуҙың сәбәптәрен нисек кенә аңлатаһың? Шағир йөрәген яралар ваҡиғалар тыуып ҡына тора. Әле ҡасан ғына Рәми бик ҡатмарлы хәлгә тарығайны. Уның өсөн йәнен бирергә әҙер бер кешенең ихлас тойғо-үтенестәрен кире ҡағырға үҙендә көс тапманы, тормошоноң бик сыуалсыҡ мәлендә яҙмыш ҡаршыһына килтереп сығарған мөхәббәтте урап үтә алманы. Ихласлыҡҡа ихласлыҡ менән яуап бирҙе. Барыһы ла сер ине. Ләкин: «Сер асылды. Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Миңә ниңә алдашырға? Минән кеше тыуған икән, мин енәйәтсеме? Мин бит кеше үлтереүсе түгел!.. Ниңә һиңә үҙ бәхетеңде уйлағанда, башҡаларға үҙ бәхете хаҡында уйламаҫҡа? Минән мең бөртөк күҙ йәше менән кеше бер тамсы бүләк һорағанда, ниңә әле мин уны йәлләргә тейеш?» (27.03.73). Бында теркәлгән шиғырҙа ошондай юлдар бар: Ниңә ошо изге бүләк өсөн Күтәрәһең миңә ҡамсыңды? Гонаһымда минең ни эшең бар, Язаһын бит үҙем күтәрәм. Һиңә һалған күпме көсөм Емешһеҙ бит шиңә, китә әрәм. Рәми Ғариповтың «Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа, хыянатым ләкин тоғро» тигән һүҙҙәре халыҡ теленә ингән. Шағир хыянатты яҡламай, киреһенсә, тоғролоҡто изгеләштерә. Яҙмышта үҙгәрештәр ҙә булырға мөмкин, ләкин кеше бер ҡарарға килгән икән, унан тайпылмаһын, аумаҡайға әйләнмәһен. Рәми тоғролоҡто ҡәҙерләй белде, ваҡ тойғоларға, бәйһеҙлеккә юл ҡуйманы. Әле генә килтерелгән яҙманан һуң районда осрашыуҙарҙа йөрөгәндә шағирҙың ғәжәп алсаҡ ҡатын менән уның өйөндә ҡунаҡ булыу, шул саҡтағы кисерештәр: «Дарҫлап типкән ир йөрәге һәм үҙ-үҙеңде тыйыу. Данилдың уяныуы, уның минең ҡулдар иркәләгән терпе сәнскеләре кеүек сәстәре һәм уның: — Хәс минең әтей, минең әтейҙең урыны ул, – тигән йөрәк өҙгөс һүҙҙәре. Аһ, был сабый йөрәккәйҙәре. Күҙгә йәштәр тулып, ләкин нәфсене еңгән яҡты кешелек тойғолары менән еңеләйеп ҡайтып киттем. Хушлашҡанда – мөлдөрәмә тулы ике күҙ! Бәлки, был күҙҙәр ғүмер буйы минең күҙ алдынан китмәҫ! Бөтәһе лә ниндәй ябай, тәбиғи – теләһә ни ҡылһаң да ҡулыңдан килә, ләкин ҡылмайһың. Шулай ҙа һис бер шаярыу һыҙ минән һуң мунсаға керәм тип торған ҡатынға: — Үҙем генә ҡойондорор инем дә, ярамай. Үҙең беләһең, – тигән һүҙ әйтеү саялығы. Ҡайтҡас, шиғыр...» (31.03.73). Бынан бер йыл элек ире һәләк булған ҡатын менән осрашыуҙа шағир ошондай тойғолар кисерә. Бындай әҙәп, инсафлыҡты бөгөн бик күп әхлаҡ сиктәре емерелгән заман кешеләре генә түгел, тыйнаҡ дәүерҙәрҙә йәшәгәндәрҙең дә ҡайһы берҙәре сәйерһенергә мөмкин. «Хыянатым ләкин тоғро» тигән Рәми Ғарипов өсөн бындай самими һәм тыйнаҡ мөнәсәбәт уның намыҫ талабы ине. Ошонан һуң яҙылған «Ҡара ҡайғылар» тигән эскиздар: Минең ҡайғым ғына Ҡайғы тиеп Уйлағайным мин был донъяла. Ә ысынлап баҡһаң Был донъяға, Ҡайғы йәшәй һәр бер ояла, – тип башлана һәм ошолай тамамлана: Емерһендәр улар йәш бер әсәнең Аһ, яңғыҙлыҡ тигән төрмәһен... Тағы ла Рәми Ғариповтың 1972 йылда яҙылған юлдарын яңынан хәтерләп, ирекһеҙҙән ҡабатлай башлайһың: Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош Шундай мәғәнәһеҙ бер нәмә: Хыялдарҙан айнып, күҙем асһам, Ҡайтҡан һымаҡ булам төрмәмә. Шағир бер ҡасан да өмөтөн юғалтмай, ғүмере буйы мөхәббәткә сарсай һәм инде нисәнсе тапҡырҙар бер яңғыҙы ҡала. Әлбиттә, шағирҙар, ғөмүмән, ижадсылар яҙмыш тарафынан яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән шәхестәр. Ғүмерҙәренең күпме көндәрен һәм төндәрен улар уйҙары менән генә ҡалып яңғыҙлыҡта үткәрә. Быныһы – булмыштарының айырылғыһыҙ бер сифаты. Ләкин Рәми Ғарипов йылмайып ҡул һуҙырға, ихлас күрешергә, ашыҡмайынса аралашырға яратты. Ул бала йәнле, туған йәнле, дуҫ йәнле шәхес ине. Ғүмере буйы фекерҙәштәр эҙләгән, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, яҡшы ниәттәр берҙәмлеге тураһында хыялланған шағирҙы уҡыусыларынан айырыуҙан да ҡатыраҡ язаның булыуы мөмкинме? Уның йәшәйеше халҡы менән бәйләнештә генә дауам итә ала бит. Рәми Ғариповтың ҡалҡаны һаман да – ижад, эшһеҙлеккә дусар ителгәндә лә һыҙланыуҙарын эш менән баҫа, хоҡуҡһыҙ шағир үҙ хоҡуғын шиғыр менән яҡлай. 1962 йылғы илһамлы бейеклек ун йылдан һуң – 1972 йылда тағы ла балҡып ҡабатлана. Ләкин быныһы инде Рәми Ғариповтың шундай ҙур, шундай сағыу яҡтылыҡ булып һуңғы балҡыуы ине. 1972 йылдан һуң шағир рухында нимәлер һынғандай булды, шиғырҙар йылдан-йыл һирәгерәк тыуҙы. Көндәлектәргә лә иғтибар ныҡ кәмене. 1976-1977 йылдарҙа яңы шиғырҙар бөтөнләй тиерлек яҙылманы. Был яҡтан Рәми Ғариповтың һуңғы йылдары Александр Блоктың яҙмышын хәтерләтә. Шағирҙың иптәштәре уның йөрәк ауырта тип зарланғанын ишетмәне. Зарланырға яратманы. Вагонда барғанда, төшөмдә йөрәгемә сәнстеләр, шуға уянып киттем тип һөйләгәне, елкә ойой-туңа тип, һуңғы йылдарҙа әйткәне генә минең хәтерҙә ҡалған. Баҡһаң, Рәми Ғариповтың йөрәге байтаҡтан бирле ауыртҡан, был турала көндәлектәренә генә һөйләгән икән. 23 декабрь 1963 йыл: «Төнгө сәғәт 4-тә йөрәккә приступ... Врач килеп, ике укол яһаны». Шағирға был ваҡытта әле 32 йәш тә тулмаған. 14 июнь 1968 йыл: «Йөрәк ауырта. Миңә был донъянан тайырға ла ваҡыттыр инде. Тик бынан берәй мәғәнә булһа!.. Халҡыңа!.. Юҡ шул...» 23 июль 1971 йыл: «15-16-шар сәғәт эшләнем. Күрәһең, әллә ни йәшәйһе ҡалмағандыр инде... Йөрәк шулай тоя». 2 апрель 1972 йыл: «Төнө буйы йөрәк сәнсеп сыҡты». 21 май 1973 йыл: «Бөгөн төндә йөрәк ауыртып уяндым, тик Надяға әйтмәнем – күрәһең, миңә лә күп йәшәйһе ҡалмағандыр инде. Тик кешесә үлергә ине». 4 июнь 1973 йыл: «Ниңә минең күңел шулай икән? Әллә ғүмер бик аҙ ҡалдымы?» 9 сентябрь 1973 йыл: «Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо» – минең хәлгенәм ошо... Онотмайым тыуған көнөмдө – (Онотмаҫ өсөн үлер көнөмдө). Кешенең бөтә ғүмере ҡыҫҡа бер һыҙыҡҡа һыя. 1932-1999/?)...» Рәми үҙенең үләсәк йылы хаҡында фараз итә һәм һорау ҡуя. Был фараз ысынға тап килһә, шағирға тағы ла 22 йыл йәшәргә насип булыр ине! «Башҡортостан ҡыҙы» журналында бергә эшләгән, фекерҙәше булған Фәүзиә Рәхимғолова шағирҙың 1977 йылдың ҡышындағы бик бойоҡ саҡтарын иң һуңғы күреүселәрҙән булғандыр. «Ҡаршымда һәр саҡ «Нишләргә?» тигән һорау тора. Минең уға яуап таба алғаным юҡ әле», – ти Рәми. Рәми Ғариповтың «Миләш-кәләш» исемле һуңғы китабының беренсе бүлеге «Ҡалҡаным» тип атала тигәйнек. Ләкин ул исемдәге шиғырҙы йыйынтыҡҡа индермәгәндәр. Редакторҙы ошо юлдар ҡурҡытҡандыр: Айбалтаһын тотоп, баш осомда Үлем йөрөй, йәнде һағалап. Тик йәнемде йырҙарыма төрөп, Мин үлемде алам яғалап. Шиғырҙар яҙылмаһа ла, Хәйәмде тәржемә итеү туҡтаманы. Робағиҙар ҙур альбом хәтле ҡалын дәфтәрҙең яңы биттәрен тултырҙы. 1977 йылдың ғинуар аҙағында Төркмәнстанға Сәғҙиҙең 200 йыллығына сәйәхәт ваҡытында Рәмигә яңынан илһам килә. Юлда шиғри эскиздар тыуа: Ҡайҙа ғына күҙ төбәмә – дала, дала, Киңлегенә күҙең төбәп, күҙең тала. Был мәңгелек далала һин – ҡамғаҡ ҡына, Шул моңһоу уй йөрәгеңде өтөп ала. * * * Юлда мине ҡаршы алды дөйә генә, Ҡарағура һабаҡтарын төйә генә. Шулай итеп, Ҡараҡомда ҡар ятҡанда Килеп сыҡтым төрөкмәндәр төйәгенә. * * * Ҡайҙа баҡма, үҫә әрем, ҡарағура, Уларҙы тик дала еле – ҡараҡ ура һ. б. Был робағиҙар Рәмиҙең сүл далаларын үткәндә лә Хәйәмдән айырыла алмауы хаҡында һөйләй. Башҡорт шағирының һуңғы һулышына тиклем янында фарсы-тажик шағиры, ғалимы, аҡыл эйәһе Ғүмәр Хәйәм рухы булған, вафатына бер көн ҡалғанда, йәғни 1977 йылдың 18 февралендә Рәми ошо робағиҙы тәржемә иткән: Ахырызаман етеп, көнө байығанда, Күк ҡыйралып, Ҡош юлы ла юҡ булғанда, Һаҡалынан һелкеп тотоп Тәңренең мин: «Шулмы эшең, – тип һорармын, – был Йыһанда?» Рәми Ғарипов ҡулы яҙған һуңғы шиғри юлдар... Шағир күпме робағиҙар араһынан үҙенең тынғыһыҙ рухына яҡынын һайлап алған: ҡиәмәт көнө килгәндә лә яҙмыш менән туҡтауһыҙ яғалашыу. Был Рәми ҡулы яҙған һуңғы юлдар тигән минең элекке раҫлауыма хәҙер төҙәтмә индерергә кәрәк. Мин ул ваҡытта көндәлектең һуңғы биттәре менән таныш түгел инем. Уларҙы уҡыу үҙенең төҙәтмәләрен өҫтәй. Иң һуңғы яҙмаларҙан өҙөктәр: «11.02.77. Иртәгә миңә – 45. Өфө аэропортында миңә шул тиклем ғәзиз тауыш исемемде атап ҡысҡыра: Надя. Беҙ инде бөтөнләй ят кешеләр тиерлек. Ләкин үтелгән ғүмер, ғүмеремдең үткән 21 йылы 21 хәнйәр булып йөрәккә ҡаҙала. Тағы ла мин киткәндәге мәғәнәһеҙ һөйләшеү. Йөрәк өҙгөс әрнеү!..» 12 февралдә «45-тә күргән төшөм» тигән шиғыр яҙыла. Төш шунда уҡ шиғырға әйләнә. Йөкмәткеһен һөйләп сығыуҙың файҙаһы юҡ, ҡыҙыҡһыныусылар Рәми Ғариповтың өсөнсө томынан табып уҡый ала. Аҙағы былай: Кескәй генә Көҙгөң ҡалған уста, Ҡап уртаға сатнап ярылған. Ә артына ярты латин менән «Мөхәббәтең» тиеп яҙылған. Һаҡлар, имеш, Ҡыйын көндәреңдә!.. Һаҡлаһасы ул көс үҙеңде. Ниңә икән теүәл егерме биш Йыл элек Һонманың һин ул көҙгөңдө?.. Яҙмыш уны ғүмере буйы онота алмаған тәүге мөхәббәте менән егерме биш йылдан һуң төшөндә булһа ла осраштыра. Күрешеүҙән бигерәк бәхилләшеү был төш. Тыуған көнөн – 45 йәшен Рәми балалары менән үткәрә. «12.02.77. Төн. Азамат та, Гөлнара ла йоҡларға ятты. Тойғоларын артыҡ күрһәтмәйсә, яттылар. Үҙҙәренсә кисерҙеләр, әлбиттә. Мин 7 һум 50 тинлек быяла тапшырып, уларға бәләкәй генә байрам яһарға тырыштым. Һөт, ҡатыҡ, кефир, сливки, шәкәр менән лимон, тауыҡ бешереп, һурпаһы менән туҡмас, итенә тауыҡ эсендә бешкән бәрәңге (тоҙло, боросло, һуған, лавр япраҡлы, әлбиттә) ҡушып, духовкала ҡыҙҙырып, үҙемсә бер аш яһарға тырыштым. Тәмле булды, буғай. Аҙаҡ мәтрүшкәле, төрлө үлән ҡушылған ҡуйы һөтлө сәй эстек. Үҙем сәй менән бергә бер «Экстра»ның яртыһынан күберәген эстем, мөңрәнеп, бөтә үткән ғүмерҙе йөрәгемдән үткәрҙем». Ҡырҡ биш йәшен Рәми Ғарипов балалары менән ошолай байрам итте. Улдарының, ҡыҙының холоҡ-ҡылыҡтары, киләсәк яҙмыштары тураһында уйланды. Һүҙен былай йомғаҡланы: «Ә минең иң теләгәнем – ахырғаса балаларҙа ихтыяр көсө һаҡлау. Ниндәй генә нескә күңелле булма, иң мөһиме – ихтыяр көсө! Мине йәшәткән нәмә – бөтәһен дә бер усҡа йомарлағаны – шул көстә! Бәләкәс ғазаптарға тыбырсынһам да, ололарына түҙерлек оло көс бар, буғай, миндә. Мине һындырыу әлегә мөмкин түгел!..» Шағир әле тауҙар аҡтарыр һымаҡ. 19 февралдә ошо шиғыр тыуа: ФЕВРАЛЬ БУРАНЫ Ышанмағыҙ февраль буранына, Бер яуыз уй юҡтыр уйында... Күпме генә шашып дуламаһын, Яҙ һылыуы уның ҡуйынында. Был донъяла булыр барыһы ла, Һинең менән бары Мин булмам. Бына ниндәй үкенестәр бар бит – Ҡалай үлмәк кәрәк, Күҙ алмам... Түҙалмам мин ләкин, Түҙалмам. Шағир яҙған һуңғы юлдар бына шулар булды. Был һүҙҙәрҙә – әүлиәләр һиҙгерлеге. 20 февралдә Рәми Ғариповтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Рәми мәктәбе 1977 йылдың 20 февралендә Өфөнөң Актерҙар йортонда республиканың ижади йәштәре конференцияһы асыласаҡ. Халыҡ араһында шунда ашығам. Инер алдынан Нәжиб Асанбаев менән күрештек. Ағайҙың йөҙө борсоулы. Миңә әкрен генә өндәшә: — Рауил, ишеттеңме, Рәми Ғарипов вафат булған бит? Ни әйтергә лә белмәйем. Был хәбәрҙең ысынлығы аңыма барып етә алмай. Типһә тимер өҙөрҙәй таҙа ир-егеттең, ғүмерендә хатта тымау тигәндең дә нимә икәнен белмәгән Рәми ағайҙың шулай ҡапыл вафат булыуына нисек ышанаһың? Был хәбәрҙән барыһы ла шаңҡып ҡалды. Йөрәге ҡапыл бик ныҡ ауыртып киткән шағирҙы ашығыс ярҙам төндә Туҡай урамындағы больницаға алып бара. Табиптар нисек кенә тырышһалар ҙа, ҡотҡарып булмай. 1977 йылдың 20 февраль таңында ҡырҡ биш йәшлек Рәми Ғариповтың йөрәге шартлап ярыла. Рәми ағай һәр саҡ йәштәргә иғтибарлы, хәстәрлекле булды, һәр һәләтле яңы исемгә ихлас шатлана белде. Әле асыласаҡ йәштәр йыйынын ул ныҡ көттө, һәләтле асыштар ҡыуандырыр тип өмөтләнде. Йәштәрҙең дә уның менән бик осрашҡылары килгәйне. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге хаҡындағы һөйләшеүҙәр, ҡулъяҙмаларҙы уртаға һалып, талапсан фекер алышыуҙар башланырға ғына торғанда халҡыбыҙға ҡара ҡайғы килде. Шиғриәт секцияһындағы һөйләшеүҙе ойоштороу түгел, хатта унда ҡатнашырлыҡ та көс таба алмам тигәйнем. Был юғалтыуҙан һуң бөтәбеҙ ҙә гүйә телдән яҙҙыҡ. Бер-беребеҙҙең ҡайғы тулы күҙҙәребеҙгә өнһөҙ генә ҡарашабыҙ. Нисек тә ихтыяр көсөн тупларға, уртаҡ эшебеҙҙе туҡтатмаҫҡа кәрәк. Рәми Ғариповтың йәштәр араһына уҡталған сағында йөрәге ярылып йығылыуы үҙе үк күп нәмә тураһында иҫкәртә түгелме һуң? Һуңғы минуттарында ла уның уйҙары, моғайын, йәштәргә төбәлгән булғандыр. Әгәр хәҙер ҡайғынан бөтөнләй ҡаушап ҡалһаҡ, ҡулыбыҙ эшкә бармаһа, остазыбыҙ быны хупламаҫ ине. Яңы авторҙарҙың ҡулъяҙмалары тураһында ентекле генә һөйләшеүҙәр барҙы. Ләкин Рәми ағай һис тә күҙ алдынан китмәне. Йәштәр хаҡындағы хәстәр шағирҙы юғалтыу хәсрәте менән ҡушылды. Рәми Ғарипов менән бәхилләшеү йыйыны әле генә йәштәр хаҡында һөйләшеү булған Актерҙар йортонда үтте. Ошо матур бинанан күпме ҡәләмдәштәребеҙҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ләкин Рәми ағай менән хушлашырға килгәндәге һымаҡ шул тиклем күп халыҡтың быға тиклем йыйылғаны юҡ ине, бынан һуң да булманы. Кешеләр беренсе ҡатҡа һыйманы, йорт алдындағы майҙан, тирә-яҡ халыҡ менән тулды. Табуттағы шағир тере һымаҡ. Гүйә, күҙен йомған да, һыҙылып ҡына сыҡҡан һағышлы ҡурай моңон тыңлай. Хәүефле уйҙарынан арынған, тәрән һырҙары яҙылып, йөҙө йәшәреп киткән. Кешеләрҙең хәтерендә Рәми Ғарипов ошолай нур-яҡтылыҡ бөркөп, матур булып инеп ҡалды. Остаҙым һәм фекерҙәшем менән мәңгелеккә бәхилләшкәндә уның табуты янында уҡылған ошо шиғырым йоҡоһоҙ төндә күңелде телеп тыуғайны: Бурап яуған февраль ҡарҙарында Талпынды ла саңҡып бәрелде бит Ғорур бөркөт ғорур ҡаяға. Тоғроларҙан булды ул тоғрораҡ, Саяларҙан булды саяраҡ. Тыуҙы ошо февраль ҡуйынында, Ауҙы ошо февраль көртөнә. Йүрүҙәне ҡалтыранып сатнай, Янғантауы янып көрһөнә. Боҫоп йәшәр күпме төлкөнө ул Күләгәһе менән өркөттө. Ниңә бынау февраль буранында Ҡанаттары янды бөркөттөң? Ҡанаттары янды, Йөрәккәйен Баҫманымы ошо боҙ һауа? Боҙ һауанан янған йөрәгенә Тик тоҙ тама, Тик тоҙ, тоҙ тама. Түшәп китте ерҙең яраһына Февраль еле йылы ҡарҙарҙы. Февраль үҙе ниңә яҙға тартып, Үҙе күрә алмай яҙҙарҙы? Өрмәк булһа ла бит бөгөнгө көн Биттәремә гүрҙең һалҡынын, Ишетәм бөгөн гөрләүектәр шауын, Тоям барыбер бөгөн яҙ тынын. Бөрө кеүек ҡапыл асылдың һин, Тамсы булып, ҡапыл иренең. Яҙ көнө ул һәр кем яҙҙы маҡтай, Һин ҡыштарын күрҙең бөрөнө. Был донъянан һинең китеүҙәрең Йөрәгемде йөҙгә тураны. Ҡәбереңә май сәскәһе һибеп, Илай бөгөн февраль бураны. Рәми Ғариповтың 19 февралдә яҙған һуңғы шиғри юлдарын яңынан уҡыйым да шундай тап килеүгә ғәжәпләнәм: февраль тураһында уйланғанда шағир «яҙ һылыуы уның ҡуйынында», ти. Мин дә Рәми ағайҙы оҙатҡанда Өфөнө епшек ҡарға күмә-күмә ярһыған йылы февраль буранында яҙ һулышын тойғанмын. Рәми Ғарипов үҙе лә һәр саҡ яҙға, киләсәккә ынтылып, әҙәбиәттең, ғөмүмән, тормоштоң иртәгеһе хаҡында һәр саҡ хәстәрләп йәшәүсе кеше ине. Хәҙер уның ни бары ҡырҡ биш йылдан ғына торған ғүмер юлын байҡайым да, уның төп быуындары, бер-береһенә үрелеп, күҙ алдынан үтә: һаумы, донъя! Һаумы, тыуған йортом, тыуған ауылым – Һау бул, ауыл! – Һаумы, Өфө! – Һау бул, Өфө! – Һаумы, Мәскәү! – Һау бул, Мәскәү! – Һаумы, Өфө! – Һау бул, Өфө! – Һаумы, ауыл! – Һау бул, ауыл! – Һаумы, Өфө! – Һау бул, бәхил бул, ғәзиз донъя! Бергә йыйһаң, шағирҙың төп төйәге өсәү: ауыл – Мәскәү – Өфө. Һәм дүртенсеһе – мәңгелек маҡамы. Тормош баҫҡыстары гел үргә генә күтәрмәй, түбән дә төшөрә. Әҙәм балаһының яҙмышы һымаҡ, баҫҡыс тигәндәре бик фәлсәфи, бик сәйер. Тик февралдең йылы бураны туҡтай алмай болоҡһоған бер көндә шағирҙың тормош баҫҡыстары буйлап үтеүҙәре мәңгелеккә туҡтаны. Был оло юғалтыу халыҡтың күңелендә онотолмаҫлыҡ яра ҡалдырҙы. Ул көндө йылы буран иртәнән кискә тиклем туҡтаманы, епшек ауыр ҡар өҫтө һырып яуҙы ла яуҙы. Әйтерһең дә, ошо ҡайғынан тәбиғәт тә болоҡһоно. Шағирҙы һуңғы юлға оҙатып барған нисәмә меңәрләгән кешеләр араһында бик күп ҡәләмдәштәре, шәкерттәре, конференцияға йыйылған йәш ижади көстәр атланы. Күптәренең бите буйлап ирегән эре ҡар бөртөктәренә ҡушылып күҙ йәштәре аҡты. Бер генә көнлөк педагогик хеҙмәт юлын үтмәһә лә, тәбиғәте менән Рәми Ғарипов үткер күҙле, һиҙгер күңелле зирәк уҡытыусы ине. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенә килгән күпме йәштәр уның аҡыллы кәңәштәрен тыңланы, хәстәрлекле иғтибары, ихлас ярҙамы уларға тәжрибә туплау юлында таяныс ине. Ҡәләмдәштәре араһында ул йәш быуын менән иң ныҡ бәйләнештәге шағирҙарҙың береһе булды, әҙәбиәттә күренгән һәр яңы исемгә ҡыуанып йәшәр ине. Райондарҙа йөрөгәндә шағир иң элек йәш авторҙарҙы табырға, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Ләкин бер кемде лә маҡтарға ҡабаланманы. Рәми Ғарипов менән ижади аралашыу һәр йәш шағир өсөн иң талапсан мәктәпкә әйләнде. Баштағы яҙғандары бик төҫһөҙ күренгән, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫтай тойолған авторҙарҙың яҙмаларынан да өмөт сатҡылары табырға тырышты һәм һиҙемләүе бушҡа булманы. Өмөтһөҙ генә тойолған байтаҡтарҙың ижад потенциалы, уның ярҙамында асылып, үҫеп китте. Үҙенә алып ҡалған ҡулъяҙмаларҙы ул йыш ҡына иҫкәрмәләре менән сыбарлап бөтөр, әгәр яңы шиғыр уҡыһаң, бик иғтибар менән тыңлар, ҡайһы саҡта ҡаты тәнҡитләп тә ташлар ине. Авторҙарының оло йәки кесе булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр әҫәрҙе бик талапсан уҡыны. Ҡәләмдәштәренә ҡайһы саҡта артыҡ ҡаты ҡағылды, хаҡһыҙ баһалары ла ишетелде. Мәҫәлән, Назар Нәжмиҙең иң уңышлы поэмаларының береһе булған, шиғриәтебеҙҙең классикаһына әйләнгән әҫәре хаҡында Рәми Ғариповтың «Ҡапҡалар» тигән шиғырындағы баһалар менән килешеү мөмкин түгел. Әммә булғанды ул ҡәҙерләй белде, ҡайһы бер үтә киҫкен һүҙҙәрен ул үҙе өсөн генә яҙып ҡуйҙы. Шулай ҙа Рәми ағайҙың аяуһыҙ тәнҡитенән өркөп, бер принципиаль һүҙен тыңлағандан һуң унан ситләшкәндәр, уға ҡабат шиғыр уҡырға батырсылыҡ итмәгән йәш авторҙар ҙа булманы түгел. Быға ҡарап ҡына Рәми Ғариповтың йәштәр менән ижади бәйләнеше бер ҡасан да һүрелмәне, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шағир улар хаҡында уйланды. Рәми Ғариповтың йылы һүҙен ишеткән, әҫәрҙәренә һәйбәт баһа алған ижадсылар әҙәбиәтебеҙҙә күп улар. Нур Хәбировтың шиғырҙарын ҡулъяҙма көйө уҡып, уның һәләтенә ни тиклем ҡыуанғаны хаҡында ентекле генә һөйләп үткәйнек. Рәшит Назаровтың шиғриәт күгендә йондоҙ булып балҡыуын Рәми Ғарипов оло ваҡиға тип баһаланы. Ырымбур яҡтарынан Йыһат Солтановтың әҙәбиәткә килеүен беренсе булып кем сәләмләне? Рәми Ғарипов. Мәхмүт Уразаевтың (һибәт), Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙарын, ҡулъяҙма йыйынтыҡ көйө уҡып, кем төплө анализ яһаны, уларҙың өмөтлө киләсәге хаҡында тәүге һүҙҙе кем әйтте? Рәми Ғарипов, әлбиттә. Исеме әлегә билдәһеҙ авторҙарға ла ул ни тиклем иғтибарлы: «Йомағужа районынан Ғәли Ильясов тигән егет бер дәфтәр шиғырҙар яҙып килтергән. Бик үҙенсәлекле, өмөтлө. Бөтә шиғырҙарын да тикшереп булманы. Үҙе лә ашыға, минең дә ваҡыт юҡ ине. Шулай ҙа әйткән һүҙҙәрҙе бик иғтибар менән, ышанып тыңланы» (6.12.63). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәли ҡорҙаштың һәләте тулыһынса асылып бөтмәне. Иртә вафат булмаһа, Рәми Ғариповты ла, шиғриәт һөйөүселәрҙе күп тапҡырҙар ҡыуандырыр ине. Оло таланттар ғына үҙҙәренең ижади мәктәбен булдыра ала. Башҡорт шиғриәтендә Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим әҫәрҙәре шундай ваҡиғаға әйләнде. Уларға Рәми Ғарипов ҡушылды. Рәми мәктәбендә һабаҡ алған, сынығыу үткәндәрҙе барлай башлаһаң, оҙон исемлек тулы булмаҫҡа мөмкин: әле исемдәре аталғандарҙан тыш Тимер Йосопов, Хәсән Назар, Сафуан Әлибаев, Мөхәмәт Илбаев, Хөснулла Түләкәев, Ирек Кинйәбулатов, Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбаев, Әсғәт Әхмәтҡужин, Ғәлим Дәүләтов, Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғ-мәтуллин, Барый Ноғоманов, Шакир Ғәлин, Аҫылғужа Баһуманов, Венер Йәнбәков, Риф Тойғонов, Риф Дауытов... Рәми мәктәбе тигәндән, уның йоғонтоһонда үҫкән шағирҙар менән генә сикләнергә ярамай. Уның бай рухи донъяһы, төплө белеме, тәрән фекерләүе, донъяға киң ҡарашы, принципиаллеге һәм тура һүҙлелеге шулай уҡ үҙенсә ижад мәктәбе ине. Әҫәрҙәре менән генә түгел, ҙур шәхес, ҡыйыу һәм тоғро иптәш булараҡ та ул үҙендә башҡалар өсөн үрнәккә әйләнерҙәй сифаттарҙы туплағайны. Рәшит Солтангәрәев, Әнүр Вахитов, Динис Бүләков, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Мәрйәм Бураҡаева һымаҡ прозаиктар ҙа, Марат Минһажетдинов, Әхиәр Хәкимов, Мөхтәр Сәғитов, Зиннур Ураҡсин, Фәнүзә Нәҙершина кеүек ғалимдар ҙа был шәхестең көслө йоғонтоһон белде һәм баһаланы. Шул заманда төрлө тармаҡта эшләүсе башҡорт зыялыларының яңы быуындары Рәми Ғарипов ижадын ентекле белмәгән хәлдә лә, уның ниндәй оло шәхес, ил азаматы икәнлеген яҡшы аңлайҙар ине. 1968 йылдың 14 июнендә, бая әйтелгәнсә, йөрәге ауыртҡан көндә шағир ошондай шатлыҡ кисергән: «Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәмәттәрем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар... (Рәшит кенә ауырыу, зато – гений). Юҡ, минең 18 йылым, бәлки, ул тиклем бушҡа ла үтмәгәндер». «Әнисә Таһирова артынан һуңғы ваҡытта йәш поэзиябыҙға уның Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Нафиҡова (Туғыҙбаева – Р.Б.), Зилә Күсәрбаева, Суфия Яҡупова, Роза Моратова, Ғәлиә Кәримова, Әлмира Ғәйнетдинова (Әбүзәрова— Р.Б.), Фирҙәүес Ғәлиева (Бәширова – Р.Б.), Минзиә Шаһманова, Фәниә Абдуллина, Гөлнур Яҡупова кеүек ҡәләмдәштәренең ҙур өмөт уятып килеүҙәре бик шатлыҡлы күренеш! Уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле тауышы формалашып килә. Ләкин уларға иғтибар етмәй кеүек. Мәрхүм Жәлил ағай Кейекбаевтың васыятын үтәп, йәш шағирәләрҙең ижадына арналған бер йыйынтыҡ әҙерләп тә сығара алғаныбыҙ юҡ. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре айырым йыйынтыҡ авторҙары булырға ла бик хаҡлы», – был һүҙҙәрҙе яҙыр, йәш яҙыусыларҙың кәңәшмәһендә һөйләр өсөн алтмышынсы йылдар аҙағында Рәми Ғариповтан башҡа тағы ла кемдең хәстәрлелеге етһен? Был авторҙар ҙа Рәми мәктәбенең уҡыусылары. Әле һаналғандарҙың күпселегенең төрлөһө төрлө ваҡытта һәйбәт-һәйбәт китаптары сыҡты, улар шағирәләр булып хөрмәт ҡаҙандылар. Әгәр ҙә бында атағандарҙың ҡайһы берҙәренең исемдәре артабан әҙәби мөхиттә күренмәгән икән, остаздары уларҙың шиғри һәләттәрен дөрөҫ баһаламаған тигән һүҙ түгел. Ижад юлдары – бик урау, ундағы яҙмыштар – үтә ҡатмарлы. Ҡайһы саҡта тормош шарттары һәләттәрҙе һәләк итеп ҡуя, бәғзе осраҡта кеше ҡуйған маҡсатынан үҙе тайпыла, тейешле ныҡышмалылыҡ күрһәтмәй. Оҙаҡ ваҡыттар юғалып тороп, яңынан ишетелеп ҡуйған тауыштар ҙа була. Шундайҙарҙан Зилә Күсәрбаеваны атарға мөмкин. Һәләтле көстәрҙең ижадтан күрәләтә ситләшеүен Рәми Ғарипов бик ауыр кисерҙе, ундай яҙмыштарҙы «әҙәби юғалтыуҙар» тип исемләне. Үҙе менән бергә әҙәбиәт донъяһына тәүге аҙымдарын уңышлы яһаған һабаҡташтары Рифғәт Алғушаевтың, Хәниф Сафаровтың үҙ һәләттәрен үҫтермәйенсә туҡтап ҡалыуҙарына ҡайғырҙы. Рәшит Әхтәров, Фәйзи Сиражетдинов, Карам Бакировтарҙың юғалып тороуҙары, бигерәк тә Нур Хәбировтың илке-һалҡылығы уны ныҡ борсоно. Талант, маҡсат һәм талапсан хеҙмәт уның өсөн айырылғыһыҙ ине. Тәбиғәт биргән талантыңа талапһыҙ булыуҙы, көсөңдө ваҡ-төйәккә әрәм-шәрәм итеүҙе ул енәйәткә тиңләмәһә лә, оло гонаһ һананы. Талантлы елғыуарҙан да, әрһеҙ мөтәшиғарҙан да йүнле нәмә сыҡмаҫына Рәми Ғарипов шикләнмәне. Күпме яҙмыштар уның хаҡлы икәнлеген иҫбатланы. Остазына шәкерттең хыянат итеүе донъялағы иң ауыр гонаһтарҙан иҫәпләнә. Беҙ, Рәми Ғариповтың шәкерттәре, уға тоғро ҡалыуыбыҙ менән ғорурлана алабыҙҙыр тип уйлайым. Ғүмеренең һуңғы йылдарында айырыуса йыш аралаштыҡ, бигерәк тә Рәми ағай, Тимер Йосопов, мин бер-беребеҙгә яңы шиғырҙарыбыҙҙы уҡый, фекер алыша торғайныҡ. Шулай уҡ Динис Бүләков, Сафуан Әлибаевтар менән байрамдарҙы йыш ҡына бергә үткәрҙек, ғаиләләребеҙ дуҫ булды. Ул замандарҙа кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йыш йөрөшә, байрамдарҙа йыйылырға ярата торғайны. Редакцияларҙа эшләмәгәндә лә Рәми ағай Яҙыусылар союзы эшенән ситләшмәне. Ҡулъяҙма тикшереүҙәрҙә уның фекере хәл иткес ине. Бик шаулап үткән, залға халыҡ һыймаған шиғыр кисәһен алып барғаны хәтерҙә. Главпочтамтҡа урам аша «Белем» йәмғиәте бинаһында уҙғайны ул кисә. Ауыр ваҡыттарында таяныс булырға тырыштыҡ. Шағир эшһеҙ ҡалған дәүерҙә Динис Бүләков бер нисә йәй рәттән Рәми ағай менән Надя еңгәне Мәләүез районына – йәмле Нөгөш буйындағы тыуған ауылына алып ҡайтты, уларға йомарт күңелле әсәһе Нәғимә апай, күршеләре, туғандары, яҡташтары бергәләшеп хөрмәт күрһәттеләр. Дуҫ-фекерҙәштәр булып аралашҡанда ла беҙ әҙәп сиктәрен үтмәнек, һәр ваҡыт уға ағай, оло кәңәшсе итеп, хөрмәт менән ҡараныҡ. Хәҙер байтаҡ нәмәләр онотола бара. Ҡайһы бер хәлдәр башҡаларҙың һөйләүе буйынса хәтергә килә. Мәҫәлән, әгәр ҙә Рәшит Солтангәрәевтең иҫтәлеген уҡымаһам, шағирҙы һуңғы юлға оҙатҡанда дүрт-биш дуҫ бергәләп уға костюм алғаныбыҙҙы яңынан, бәлки, иҫләмәҫ тә инем. Ләкин Рәми Ғарипов вафат булғандан һуң уның архивында эш башлағаныбыҙ әле һаман иҫтә. Беҙ, йәғни Динис Бүләков, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев һәм мин, ағайҙың шиғырҙарын ентекләп барлап сығырға, быға тиклем баҫылмағандарын тиҙерәк халыҡҡа еткерергә тигән бик ҙур бурысты үҙебеҙгә изге маҡсат итеп ҡуйҙыҡ һәм оҙаҡҡа һуҙмайынса ҡатындар, йәғни Рәйлә Бүләкова, Дамира Йосопова, Фәрҙиә Әлибаева, Фәриҙә Бикбаева, күмәкләшеп эшкә тотондоҡ. Был эштең уртаһында, әлбиттә, Надежда Васильевна Ғарипова булды. Рәми Ғариповтан һуң ғәйәт бай ижади мираҫ ҡалғайны. Шағир үҙенең ҡулъяҙмаларын ҙур һаҡлыҡ менән йыйып бара, бик тәртипле рәүештә һаҡлай торғайны. Быларын беҙ белеп-күреп йөрөнөк, әммә шул тиклем хазина тупланған тип беребеҙ ҙә уйламағайны. Тиҫтәләрсә дәфтәрҙәрҙе, әллә күпме блокноттарҙы, ҡалын-ҡалын папкаларҙы күреп, һоҡландыҡ та, бик ныҡ аптыраныҡ та. Был ҡәҙәрле тауҙай хеҙмәттәр ҡалдырыу үҙе фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ бит! Ләкин быларҙы диҡҡәт менән ҡарап сығыу өсөн генә лә күпме ваҡыт кәрәк?! Бер ял көнө Рәми ағайҙың өйөндә йыйылып, блокноттарҙың ҙур ғына өлөшөн дүрт ғаиләгә бүлешеп алдыҡ, уларҙы өйрәнә башланыҡ. Баҫылмаған шиғырҙарҙы билдәләп сығабыҙ, улар бер ергә йыйыла. Быларын ҡарап бөткәс, тағы ла бер өҫтәл артына ултырып, яңы блокноттар алып таралышабыҙ. Уларын өйрәнеп сығабыҙ. Шулай күмәкләп тырыша торғас, башта уйлағаныбыҙса, тиҫтәләрсә, аҙаҡ асыҡланыуынса, быға тиклем баҫылмай ятҡан йөҙәрләгән шиғырҙарҙы бергә тупланыҡ. Бер шағирҙың ижади мираҫынан быға тиклем донъя күрмәгән әҫәрҙәрҙең шул ҡәҙәрле ҙур күләмдә табылыуының башҡорт әҙәбиәтендә ғүмерҙә лә булмаған хәл икәнлеге хаҡында, ниндәй асышҡа юлығыуыбыҙ тураһында беҙ ул ваҡытта, әлбиттә, уйлап та ҡараманыҡ. Төп уйыбыҙ был шиғырҙарҙы тиҙерәк халыҡҡа еткереү ине. Тиҙҙән матбуғатта ҙур-ҙур шәлкемдәр баҫыла башланы. Ҡалын ғына китабын әҙерләнек. Уны «Йондоҙло уйҙар» тип атаныҡ. Ул 1979 йылда донъя күрҙе. Рәми Ғариповтың үҙе тере саҡта бер генә йыйынтығы ла бындай күләмдә, бындай полиграфик сифатта сыҡҡаны юҡ ине. Шағирҙың әлегә уҡыусыларға билдәһеҙ шиғырҙары тәүге шәлкем булып матбуғатҡа минең инеш һүҙ менән баҫылды. «Йондоҙло уйҙар» китабы ла «Шағир аманаты» тигән мәҡәләм менән асылды. Ул ошолай башлана: «Кистәрен офоҡтар тағы ла нығыраҡ зәңгәрләнеп, яҙҙың тәүге һулышы күңелдәрҙе елкендергән миҙгелдә, ярмаланған ҡарҙарҙы аҡтарып, ул сәскәләр эҙләргә ярата торғайны. Кескәй генә аҡһыл сәскәләрҙе ҡулында тотоп, хазина тапҡандай, ҡыуаныр ине. Ғүмере буйы шағир шулай килер яҙҙарына ашҡынды, кешеләргә, ҡарҙарҙы аҡтарып, тиҙерәк сәскә бүләк итергә ашыҡты, кешеләрҙең күңеленән сәскәләр эҙләне. Бәлки, уның иң ҙур хазинаһы ла ҡарҙы тишеп сыҡҡан сәскә менән кешеләр күңеленән бөркөлгән яҡтылыҡ булғандыр. Рәми Ғариповты күреп белгәндәрҙең күбеһендә, бөтәһенән элек, шағирҙың сабыр йылмайыуы хәтерҙә ҡалған. Үҙҙәре йылмайғанда ла күҙҙәре йылмаймаған кешеләр була. Рәми Ғарипов кешегә бөтә күңеле менән, эске нур менән йылмайып ҡул һуҙыр ине». Шағирҙың архивында табылған ике йөҙҙән ашыу шиғырҙың йөҙләбе Рәми ағайҙың вафатынан һуң сыҡҡан «Йондоҙло уйҙар» исемле беренсе китабының икенсе бүлеген тәшкил итте. Рәми Ғариповтың иң яратҡан миҙгеле – яҙ, иң яратҡан сәскәһе – умырзая, иң яратҡан тәбиғәт күренеше – ағым һыу, иң яратҡан ҡошо һабантурғай ине. Былар барыһы ла яңырыу билдәләре, донъяның өр-яңынан йәшәреү миҙгеленең шиғри тамғалары. Шағир был яҡты донъяларҙан киткәс, әйтерһең дә, яңынан тыуҙы. Үлеменән һуң үлемһеҙлеге башланды. Шағирға арнап күпме кисәләр үткәрелде, әҫәрҙәре мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, төрлө сәхнәләрҙә яңғыраны. «Туған тел» кластарҙа хөрмәтле урын алды, ул шиғыр сабыйҙы шиғриәт донъяһына индереүсе тылсымлы асҡысҡа әйләнде. Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәми Ғариповҡа арналған шиғри тантананы мин ошо телмәрем менән асҡайным: «Аҡ тирмә»лә «Аманат» кисәһендә әйтелгән һүҙ Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың бөгөнгө ижад кисәһенә «Аҡ тирмә»гә йыйылған бынау хәтлем халыҡ араһында кемдәр күберәктер, әйтеүе ҡыйын: шағир менән уның тере сағында аралашҡан, уны күреп-ишетеп белгән кешеләрме, йәғни уның замандаштарымы, әллә шағирҙы бары шиғырҙары буйынса ғына белеүсе яңы, өр-яңы йәш быуынмы? Ошо кисәгә килгән һәм шулай уҡ бында ҡатнаша алмаған меңдәрсә уҡыусыларыбыҙ, әҙәбиәт һөйөүселәребеҙ тураһында уйланғанда, тағы ла бер һорау тыуа: шағир Рәми Ғарипов тураһында кемебеҙ күберәк белә? Шағир тере саҡта уның һәр яңы китабын уҡып барған алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙағы уҡыусылармы? Әллә Рәми Ғариповтың шиғриәт донъяһын үҙҙәре өсөн һикһәненсе йылдарҙа асҡан бынау йәштәрме? Әлбиттә, етмешенсе йылдар аҙағынан алып бөгөнгө көнгә тиклемге ун йыллыҡта Рәми Ғарипов шиғриәте өр-яңыса асылды. Был йылдарҙа уның «Йондоҙло уйҙар», «Умырзая йыры» исемле китаптарында, «Ағиҙел» журналында, газеталарҙа быға тиклем донъя күрә алмаған йөҙҙәрсә шиғырҙары, поэмалары баҫылды. Мәскәүҙә русса китабы сыҡты. Рәми Ғарипов ижады Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Шағир хаҡында байтаҡ мәҡәләләр яҙылды. Ҙур-ҙур ижад кисәләре шаулап үтте. Эйе, шағирҙың ижад мираҫын уҡыусыларға тулыраҡ еткереү, уның ижад юлын тулыраҡ асыу дауам итә. Иҫтәлектәр китабы әҙерләнә. Тимәк, Рәми Ғарипов тураһында яңы быуын күберәк беләсәк. Ләкин шул хаҡта ла оноторға ярамай. Рәми Ғариповтың электән билдәле булған әҫәрҙәрен дә бөгөнгө заман яңыса аса. Уның шиғри аманатының ни тиклем ҡыйыу, ни тиклем тормошсан, тәрән йөкмәткеле булғанлығын беҙ йылдан-йыл нығыраҡ аңлай барабыҙ. Тимәк, был яҡтан да киләсәк быуын Рәми Ғариповҡа яҡыныраҡ, уларҙың фекерләшеүе, рухи аралашыуы киңерәк буласаҡ. Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк. Рәми Ғариповты әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Уҡыусылар иғтибар итмәй ҡалмайҙыр: йыл һайын матбуғатта уның быға тиклем баҫылмаған шиғырҙары донъя күрә. Бына уның әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғыры: Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул? Белһә әгәр ҡайҙа барғанын, Тарихи бер бәхет һанар ине Ярты юлда туҡтап ҡалғанын. Белмәй һаман: үҙен үҙе алдай, Арта ялған, арта вәхшилек. Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн, Һәләкәтен даулай кешелек. Ер әйләнә шартлап ярылырға... Килһә икән әҙәм ҡулынан, Ул арҡыры сығып ятыр ине Туҡтатырға уны юлынан... Аһ, әйләнәм бер шик ҡолона! Шиғыр 1964 йылдың 24 апрелендә яҙылған. Әле донъялар сағыштырмаса һил саҡта, кешелек алдына һәләкәт бөгөнгө кеүек үк ҡот осҡос хәлендә килеп баҫмаған саҡта уҡ, Рәми Ғарипов бына ниндәй борсоулы уйҙар менән йәшәгән! Беҙ шағирҙың нахаҡҡа күргән ауырлыҡтары, уға ғәҙелһеҙ ғәйептәрҙең өйөлгәнлеге тураһында урынлы хәтерләйбеҙ. Ләкин беҙ шуны ла онотмайыҡ: шағир һәр саҡ үҙенә аяуһыҙ булды, ялған менән бер ваҡытта ла килешмәне, бары дөрөҫлөккә табынды. Уға йәшәүе бер ваҡытта ла еңел булманы, сөнки ул еңел-елпе уйҙар менән, ваҡ маҡсаттар менән йәшәмәне, юҡ-бар менән ҡәнәғәт булып, вайымһыҙлыҡҡа бирелмәне. Шағирҙар еңел яҙмышлы булмай. Уйлап ҡараһаң, улар фажиғәле, трагик яҙмышлы шәхестәр. Шағир һәр ваҡыт үҙ заманы менән бәхәсләшеп, кеше күңеленә, тормоштоң именлегенә янаусы ҡурҡыныстарҙы алдан зирәк күреп йәшәй. Шуға ла ул һәр саҡ һыҙлана, тыныс яҙмышлы, ғәҙәттәгесә бәхетле була алмай. Рәми Ғариповтың әлегә тиклем баҫылмаған шиғырҙарынан 1963 йылдың 27 декабрендә яҙылған бер шиғырынан ошо юлдарҙы килтерәм: Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан, Мин кешегә сикһеҙ ышандым. Шуға ла мин йәнем-тәнем менән Күрә алмайым төрлө мещанды. Ул ағыулай һулар һауамды ла, Ул йәберләй минең телемде. Ул, хәшәрәт, бысраҡ ҡулы менән Сәскәләрен өҙә илемдең... Ниңә күптәр шул саҡта уҡ, хатта унан һуң да һөйләр телебеҙ, һулар һауабыҙ тураһында шағир борсолған кеүек йәне әсеп борсолманы? Был һорауҙы ниндәйҙер түрәләргә, дәү ағайҙарға биреүе еңел. Был һорауҙы илен, халҡын һөйгән һәр кем, дөрөҫлөктөң күҙенә аяуһыҙ ҡарап, үҙенә үҙе бирергә тейеш. Бөгөн бигерәк тә. Аманат уҙғандар өсөн әйтелмәй. Аманат киләсәк өсөн әйтелә. Рәми Ғарипов тарихтағы шағир ғына түгел, ул хәҙерге көрәштең иң алғы сафындағы бөгөнгө көн шағиры, ул, барыһынан элек, киләсәк шағиры, киләсәк быуындың кәңәшсеһе. Рәми Ғарипов васыяттар әйтер йәшкә тиклем йәшәй алманы. Әммә ул үҙенең шиғырын-антын, аманатын халыҡ күңеленә уйылырлыҡ итеп әйтеп ҡалдырҙы. Рәми Ғарипов аманатына тоғро булыу – үҙ-үҙебеҙгә талапсан булыу, берҙәм булыу, халыҡҡа тоғро булыу, ғәҙел булыу ул. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, шағирҙың китабын тотоп та ҡарамайынса, бер юл шиғырын да уҡымайынса, уның исеме менән һөрән һалыу түгел, эштә янып йәшәү, һыҙланып йәшәү ул. Рәми Ғарипов аманатына шулай ғына тоғро булып була. 24 февраль, 1989 йыл». Шағир аманатына иң тоғро йәндәр, әлбиттә, уның ғаиләһендә. Рәми Ғариповтың балалары барыһы ла юғары белемле, матур ғаиләләре бар. Әсәләре Надежда Васильевнаны ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырҙылар. Шағирҙың һөйөклө ҡыҙы Гөлнара – педагог-музыкант, Азамат – рәссам, атаһының һынмаҫ рухын асҡан портреты киң билдәле. Салауат бик сауаплы эшкә – кешеләр араһында бәйләнеш булдырыуға ғүмерен арнаған элемтәсе. Йәғәфәр Ғариповтың улдарының яҡшы эштәрен яҡташтары онотмай. Рауил Ғариповтың Арҡауылға һыу үткәргәненә, Урал Ғариповтың йорттарҙы юғары вольтлы сымдарға тоташтырғанына улар һәр саҡ рәхмәт әйтә. Яҡтылыҡ биреү, һыу килтереү – ниндәй сауаплы эштәр, шағир ағаларының рухына тап килеп тора! Рәми Ғариповтың тоғро уҡыусылары артты. Шул уҡ ваҡытта шағирға ауыр сағында ҡул һуҙмағандар ул үлгәс яңы ҡиәфәткә инде: ике йөҙлөләр башҡаса битлек ябынды, бик тиҙ генә ҡайғылы ҡиәфәттә хәтирәләр һөйләй башланы. Рәми Ғарипов үлгәндән һуң уның исеменә йәбешеп тарихҡа инергә теләүселәр ысынлап та күбәйеп китте. Хатта уның кисәге дошмандары ла хәҙер үҙен Рәмиҙең дуҫы тип атауҙан тартынманы. Шағирға бик күп шиғри арнауҙар баҫыла – үҙҙәре бер йыйынтыҡлыҡ. Араларында ихластары һәм һәләтлеләре лә осрай. «Аҡ тирмә»ләге «Аманат» кисәһенән һуң үткән йылдарҙа Рәми Ғариповтың киләсәккә ҡайтыуы дауам итте, шағирҙың халыҡ менән бәйләнеше төрлө тармаҡтар буйынса нығынғандан-нығына барҙы. Уның хаҡында телевидение, радиола күпме тапшырыуҙар әҙерләнде, документаль кинофильм төшөрөлдө, сәхнәләрҙә пьеса ҡуйылды. Рәми Ғариповҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде. Шағирҙың ҡалын-ҡалын өс томда әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. Үҙе иҫән саҡта уның бәләкәй генә ете китабы, йыш ҡына әллә күпме ҡаршылыҡтарҙы үтеп, донъя күрһә, үҙе вафат булғандан һуң ошо көнгә тиклем ун дүрт баҫмаһы уҡыусыларға таралды. Һаны ике тапҡырға артыҡ, ә күләм буйынса сағыштыра башлаһаң, элеккеләре Рәми Ғариповтың бер томына һыйып бөтөрлөк кенә. Ул том, бәлки, тулмай ҙа ҡалырға мөмкин әле. Рәми Ғариповтың шиғри моңо һуңғы утыҙ йылда бигерәк тә яңы йырҙар булып халыҡ күңеленә ныҡ үтеп инде. Үҙе тере саҡта ла шағирҙың һүҙҙәренә матур-матур йырҙар ижад ителгәйне. Етмешенсе йылдар аҙағында Рәми Ғарипов ижадын йыр жанрында Роза Сәхәүетдинова бөтөнләй яңыса асты. Ул башлап ебәргән юлды башҡа композиторҙар ҙа уңышлы дауам итә. Рәми Ғарипов шиғырҙары үҙҙәренең халыҡсанлығы, аһәңле яңғырашы менән былай ҙа йырлап тора. Хәҙер инде уларҙың байтағы популяр йырҙар булып халыҡ тарафынан йырланып йөрөй. Өфөләге шағир уҡыған атаҡлы мәктәп – Республика башҡорт гимназияһы 1994 йылдан Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Арҡауылда уның тыуған өйө өр-яңынан төҙөкләндерелеп, йорт-музейы ойошторолдо. Уның алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст тора. Ошондай уҡ матур һәйкәл Өфөләге гимназияла ҡуйылды. Был уҡыу йортонда шағирҙың тыуған көнөндә йыл һайын Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырыла. Башҡортостанда дәүләт тарафынан иң оло хөрмәт күрһәтелгән әҙип Мәжит Ғафури булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме тәү башлап уға бирелде. Хөкүмәт Ғафуриға иркен йорт бүләк итте. Китаптары даими сығып торҙо. Вафатынан һуң шағирҙың исеме тыуған районына, колхоздарға, урамдарға, баҡсаларға, театрға ҡушылды. Баш ҡалала һәм Еҙем-Ҡаранда йорт-музейы асылды. Том-том булып, әҫәрҙәре ҡат-ҡат баҫылды. Тура һүҙе, аҫау холҡо, тоғролоғо һәм ғорурлығы өсөн нахаҡҡа байтаҡ рәнйетелһә лә, Рәми Ғарипов кешеләрҙең рәхмәтен дә күп ишетте, ватандаштарының уға булған ихтирамын тойҙо. Ошоларҙа ныҡлы таяныс тапты. Ләкин Рәми Ғариповҡа лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәттәрҙең күбеһе ул үлгәндән һуң килде. Эйе, шағирҙың ижады үҙенә ҡарағанда бәхетлерәк булды. Был китабымда ошо һүҙҙәрҙе икенсе тапҡыр яҙҙым да һағайып ҡалдым. Былайтып әйтеү шағирҙың ижадын уның үҙенән нисектер айырыу түгелме? Рәми Ғариповтың үлеменән һуң уның икенсе ғүмере – үлемһеҙлеге башланды. Шағир йәшәйешенең тәүге өлөшө ҡырҡ биш йыл менән сикләнһә, артабанғы булмышы милләтенең йәшәйеше менән билдәләнәсәк. Хәҙер халыҡ шағиры туған халҡы менән айырылғыһыҙ бер бөтөн. Донъяла башҡорт халҡы бар икән, Рәми Ғарипов та буласаҡ, шағир уның күңелендә, аңында, рухында йәшәйәсәк. Икенсе яҡтан, Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәр милләттең көс-ҡеүәтен арттыра, зиһененә нур өҫтәй, ҡарашын киңәйтә. Уның кеүек азаматтар илдең ҡанаттарын үҫтерә, донъяларҙы яҡтыраҡ итә. Рәми Ғарипов башҡорт шиғриәтенең үҫешенә бик ҙур өлөш индерҙе. Айырыуса лирикабыҙҙың фәлсәфәүи уйланыуҙар менән байыуында, эстетик камиллыҡҡа ирешеүендә уның әҫәрҙәре яңы этапты тыуҙырҙы. Бабичтарҙан килгән ысын ил тойғоһо Рәми шиғырҙарында артабан үҫтерелде. Туған телдең яҙмышы үтә хәүефле йылдарҙа башҡорт ерлегендә бер яңғыҙы тиерлек уны яҡлап ҡыйыу күтәрелде, һүҙҙе ҡәҙерләргә саҡырып, оран һалды. Үҙенең ижадында ул туған телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ потенциалын иң сағыу балҡыта алған һүҙ оҫталарының береһе булды. Донъя классикаһы традициялары менән нығыраҡ бәйләнештәр булдырыу, төрлө халыҡтарҙың шиғри һүҙен башҡорт уҡыусыһына еткереү, ижади күренештәрҙе иң юғары талаптар менән баһалау – Рәми Ғарипов ошондай ҡолас менән фекер йөрөттө, ул яҡлаған принциптарҙы айырыуса йәш көстәр яҡын күрҙе. Башҡорт шиғриәтенә Рәми Ғарипов нимә өҫтәне тигән һорауға, йыйып ҡына әйткәндә, Рәмиҙе өҫтәне, үҙе оло бер донъя, азамат шәхес булған Рәмиҙе өҫтәне, тип әйтке килә. Әҙәбиәткә ул үҙе булып килде, үҙен бирҙе, үҙен фиҙа итте. Фиҙаҡәрлек – уның холоҡ-ҡылығындағы төп сифаттарҙан. Шағирҙың ижадын, тормошон уның тантаналары менән фажиғәләре, осоштары менән ҡыйралыштары берлегендә генә аңларға мөмкин. Шағир һәм шәхес булараҡ Рәми Ғарипов бүлгеләнмәне, ҡыйратырға тырышҡандарында ла тарҡалманы, ваҡланманы. Маҡсаттары, яҙған һүҙе һымаҡ үҙе лә көслө, тоғро булып ҡалды. Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта, Мин күк инем, күккә баҡҡанда, Мин ут инем, дөрләп ут янғанда, Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда, – тигән Рәми Ғарипов тәбиғәттең һәр хәрәкәте менән үҙен бер туған итеп тойҙо. Кешеләр менән, халҡы менән дә ул шундай уҡ бәйләнештә йәшәне, табынғаны, инанғаны тик шулар булды. Донъяға һәр саҡ ғашиҡ ине, әммә шағир уға алһыу күҙлек аша ҡараманы. Тормошто аҡ һәм ҡара төҫтәргә генә айырыу менән сикләнмәне, барлыҡ ҡаршылыҡтарын, хәҡиҡәтен һәм ялғанын, бөйөклөгөн һәм меҫкенлеген аңларға тырышты. Рәми Ғарипов – аҡыл эйәһе, Рәми Ғарипов философ – халҡыбыҙҙа фәлсәфәүи фекер үҫешен өйрәнеүсе ғалимдар өсөн шағирҙың уйланыуҙары һәм күҙәтеүҙәре ғәйәт бай материал бирә. 50-70-се йылдарҙа Башҡортостандағы ижтимағи ҡаршылыҡтар мөхитендә ир-азамат шәхестәрҙең үҙҙәренең гражданлыҡ принциптарын, халыҡсан ҡараштарын нисек яҡларға тырышыуҙары, рухи мираҫ, тел яҙмышы өсөн көрәшеүҙәре – республика тарихындағы был мөһим күренештәрҙе лә Рәми Ғариповтың күп яҡлы ижади эшмәкәрлегенән тыш объектив кәүҙәләндереү мөмкин булмаясаҡ. Рәми Ғариповтың уяу һүҙе торғонлоҡ йылдарында вайымһыҙлыҡты өркөтөүсе, намыҫты һиҫкәндереүсе, башҡорт халҡының милли үҙаңына уяулыҡ өҫтәүсе, уйландырыусы, кәрәк саҡта ғәрләндереүсе көстәрҙән булды. Шағир үҙенең һөйөклө халҡы менән ғорурланырға хаҡлы булған һымаҡ, уны вайымһыҙлыҡтан йолҡоп алырға, битарафтарҙы кәрәк саҡта оялтырға ла бурыслы. Рәми нәҡ шундай шәхес ине. Рәми мәктәбе шулар хаҡында уйландыра. «Әгәр ҙә бөгөн Рәми Ғарипов тере булһа, ниндәй һүҙҙәр әйтер, нимәләрҙе хуплар, нимәләрҙе инҡар итер ине икән?» тигән һорауҙар ҙа тыуып ҡуя. Бер уйлаһаң, урынлы ла һымаҡ. Икенсе яҡтан, Рәми Ғариповтың әле алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа уҡ: «Бер аяғың баҫһа бөгөнгә, иртәгәгә баҫһын береһе!» тип, ватандаштарын алға әйҙәгән, «Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!» тип, нәҡ бөгөнгөнөң ҡапҡаларын әллә ҡасан уҡ сая дөбөрләткән шағир икәнлеген дә онотмайыҡ. Әйтер һүҙен шағир күптән әйткән, киләсәккә барып етерлек итеп әйткән. Яңы Башҡортостан Республикаһында Рәми Ғарипов яҡлаған күпме принциптар тормошҡа ашты. Әгәр республикала милли телдәргә иғтибар үҙәккә ҡуйыла икән, әгәр башҡорт теле дәүләт теле дәрәжәһенә күтәрелә икән, әгәр яңы журнал-газеталар, театрҙар асыла икән, тимәк, Рәми Ғариповтарҙың хыялдары тормошҡа аша бара тигән һүҙ. Шағир аманаты бөгөн дә тере. Уның шиғриәте әле лә үҙенең изге бурысын үтәй, ватандаштарыбыҙҙың, яңы быуын рухташ-ҡәләмдәштәренең, ил ағаларының, Президентыбыҙҙың уртаҡ тырышлыҡтары, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән ауаздаш. Шуға ла дәүләтебеҙ Рәми Ғариповтың мираҫына оло ихтирам күрһәтә, уның аманатын килер быуындарға еткереү хаҡында даими хәстәрлек күрә. 1948 йылда дуҫы Михаил Дудин менән Өфөләге башҡорт интернат-мәктәбенә килгәнендә Мостай Кәрим ошонда уҡып йөрөгән Рәми менән тәүге тапҡыр осрашып һөйләшкәс, уның хаҡында «тыштан йәйәүле, ә эсендә эйәрле-йүгәнле ат йөрөтәсәк егет» тигән фекергә килә. Рәми Ғариповтың күңеленән ҡанатланып осҡан шиғриәт толпары киләсәктә лә алға юл ярыр. Рәми мәктәбе күптәрҙе ижад донъяһына рухландырыр. Өфөлә ул уҡыған мәктәп алдында шағирға һәйкәл асылған шатлыҡлы ла, һағышлы ла мәлемдә ошондай юлдар тыуғайны: Рәми ағай! Ниҙәр кисерәлер эй йәнең, Һәйкәлеңә бына сәскә һала Йәлил ейәнең. Ғарипов Азаматтың улы Йәлил был мәлдә, бәлки, иң бәхетле ейәндәрҙең береһе булғандыр. Уныһын сабый әле үҫкәс аңлар. Арҙаҡлы шәхестәренә һәйкәл ҡуйып, милләт асылда үҙенә һәйкәл ҡоя. Аҫыл кешеләрен күтәреп, халыҡ үҙен күтәрә. Уларҙы ололап, үҙен ололарға, үҙен хөрмәтләргә өйрәнә. Уларҙың бәҫен белгән, ҡәҙерҙәрен аңлаған һайын, милләт үҙ ҡәҙерен үҙе нығыраҡ белә. Һәйкәлдәр тереләр өсөн – был хаҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлау һис тә яҙыҡ түгел. Киреһенсә, уларҙы йышыраҡ иҫкә төшөрөргә кәрәк. Рәми Ғариповтың байтаҡ йылдар әҫәрҙәрен йүнләп баҫтыра алмай, ҙур ғаиләһе менән ауыр көн күреүен, асылда сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар булыуын телгә ала башлаһаң, быға ҡаршы һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Йәнәһе, улай тип һөйләү Рәмиҙе кәмһетә, уны меҫкен итеп күрһәтә. Тарихты һылап-һыйпап шымартырға ярамай. Дөрөҫлөктө яратҡан шағир хаҡындағы һүҙ ҙә дөрөҫ булырға тейеш. Рәми Ғариповты теҙләндерергә, меҫкен итергә тырышһалар ҙа, ул ауыр хәлдәргә ҡалғанда ла меҫкен хәлендә ҡалманы. Әммә был тартыштар күпме тапҡырҙар уның йәнен ҡыйҙы, күпме көс-ғәйрәтен алып китте. Шағирҙың ысын яҙмышы, ғүмеренең оҙонлоғо әҫәрҙәренең яҙмышы, ижадының күпме замандарҙа йәшәй алыуы менән билдәләнә. Ижадсы тере сағында ниндәй рәхәттәр күргән, ниндәй ҡайғылар кисергән, ниндәй вазифалар башҡарған, ниндәй дәрәжәләргә ирешкән, зиннәтле йорттарҙа йәшәгәнме әллә башын терәр урын таба алмайынса урамда ҡаңғырғанмы, алтын табаҡтарҙан ашағанмы йәки бер ҡабым ризыҡҡа зарығып, асҡа ҡаҡланғанмы, мөхәббәт ҡосағында наҙланғанмы йәки ғүмерендә аҙ ғына ла наҙ-иркә күрмәйенсә донъя ҡуйғанмы – былар барыһы ла уның үҙе менән китә. Киләсәк быуын өсөн әҫәрҙәргә күскән ҡыуаныстар һәм һыҙланыуҙар, һөйөүҙәр һәм нәфрәтләнеүҙәр, осоштар һәм ҡыйралыштар ғына ҡала. Ләкин ижадсының тормошо хаҡындағы дөрөҫлөктө тулыраҡ белгән һайын киләсәк быуындар уны нығыраҡ аңлай. Рәми Ғариповтың һәйкәле алдында бына ошолар хаҡында ла уйландырҙы. Тормош юлының күп яҡтарын шағир үҙе яҙып ҡалдырған, тәржемәи хәле – уның шиғырҙарында. Рәми Ғарипов һымаҡ лириктың күңеле ижадында бигерәк тә тулы асыла. Быларҙан тыш уның көндәлектәре бик һирәктәрҙә була торған бай мираҫ. Ошо сығанаҡтарға замандаштарҙың иҫтәлектәре өҫтәлә. Быларҙың барыһын да бер-береһе менән эҙмә-эҙлекле бәйләгәндә генә шағир яҙмышы тигән ҡатмарлы донъяны тулыраҡ аңлай барасаҡбыҙ. Илдең ғорурлығы, милләттең йөҙөк ҡашы булған Рәми Ғарипов һымаҡ шәхестәрҙе тыуҙырыу, тәрбиәләп үҫтереү һәр ауыл, һәр ҡала, һәр халыҡ өсөн бәхет, мәртәбә. Ләкин уларҙың булыуы менән ғорурланыу ғына етмәй, бөйөктәрҙең хеҙмәттәрен баһалай, ҡәҙерләй белергә, иҫтәлектәрен тыуыр быуындарға һыуытмайынса еткереү хәстәрен нәҡ үҙ ваҡытында күрергә кәрәк. Ниһайәт, беҙ ҙә рухи мираҫыбыҙҙың ҡиммәтен аңларға, олуғ шәхестәребеҙгә тейешле хөрмәт күрһәтергә өйрәнеп килгәндәй булабыҙ. Бик мөһим, бик ҡыуаныслы һынылыш. Ләкин тынысланырға һис кенә лә сәбәп юҡ. Байтаҡ әҙиптәребеҙҙең мираҫы ентекле иғтибарға мохтаж. Рәми Ғариповтың ижадын да әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Шағирҙы аңлар өсөн тыуған ерендә генә түгел, уның заманында ла булырға кәрәк. Рәми ағайҙың ғәзиз төйәгенә күп тапҡырҙар аяҡ баҫһам да, ул йәшәгән замандарға етеүе – уҙғандарға кире ҡайтыуы мөмкин түгел. Онотолмаҫ шиғри һуҡмаҡтарҙан атлап, төрлө юлдар үтеп, элекке дәүерҙәрҙе күргәндәй булдым, Рәми Ғарипов донъяһына сәйәхәт иттем. Үҙе менән бергә һоҡланған, бергә борсолған күренештәр ҙә күҙ алдымда яңынан терелде. Үткәндәрҙең генә түгел, киләсәктең дә яҡтылығы битемә һирпелде һымаҡ. Сәфәрем тамам. Ошо сәйәхәтемдә туҡтауһыҙ алға ынтылғанымда миңә аҡ юл теләгәндәргә ихлас рәхмәттәремде еткерәм. 16.08.06. Литературно-художественное издание БИКБАЕВ Равиль Тухватович РАМИ КНИГА О ПОЭТЕ (на башкирском языке) Мөхәррире Әлфиә Теләмова