1971

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Бөркөт
Бала саҡ деталдәре
Сабый йоҡоһо
Ҡашҡар
«Егерме йыл ғүмереңде һинең...»
«Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың...»
Аҡылға ултырыу
«Ахмаҡлығын күреү өсөн ахмаҡтың...»
Шопен этюды
Әсә
Еҫтәр хаҡында
«Бейешәләр үләнкәйҙәр...»
«Зарланмайым заманыма...»
«Инде быйыл да мин яҙҙы күрһәм...»
Маскарад
Кем, ни өсөн?
Көҙ нағышы
Кәкүк төндәре
«Тауҙар ҡыҫа мине...»
«Тормош үҙе – тотош бер йыйылыш...»
Таш күмер
Торналарға табыныу
«Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк...»
«Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын...»
«Үткәндәрҙә – барыһы үткәндәрме?..»
Уртасалыҡ
«Ниндәй ай был, ниндәй яҡты ай был!..»
«Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған...»
«Үткәнгә үрт һалмағыҙ...»
Байтирәк
Ҡараламам
«Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә...»
Урал урманы
«Һин – минең йәшлек менән...»
«Ярай әле композитор түгел...»
Телефон мөхәббәте
«Ҡотормағыҙ, ҡыҙ-ҡырҡын...»
«Ерҙә күпме байлыҡтар...»
«Яла яғыр тотош бер йыйылыш...»
«Һин янғанда дуҫың янмаһа...»
«Тереләй ҙә, үлеләй ҙә...»
«Ниңәлер мин ҡурҡам осрашыуҙан...»
«Ултыраһы ине лә бер...»



БӨРКӨТ
Ҡанатында – күктәр һалҡынлығы,
Ҡарашында – тауҙар һағышы.
Туңып ҡалған уның күҙҙәрендә
Болоттар һәм йылдар ағышы.

Йоҡомһорап шулай төш күрәме,
Сикһеҙ уймы упҡан бөркөттө?
Ҡапыл ғына уның хыялдарын
Бала-саға шулай өркөттө.

Кемдер бына икмәк һондо уға,
Ниндәй тәм тапҡан ул икмәктән?
Оялғандыр, бәлки, үҙ затынан;
Бөркөтмө һуң бөркөт ситлектә?

БАЛА САҠ ДЕТАЛДӘРЕ
Иҫке китап биттәренә
Яҙа инек дәрестәрҙе.
Туңа ине ерек ҡара,
Боҙға ҡоршап хәрефтәрҙе.

Мәхмүт бабай, толоп кейгән,
Уҡый беҙгә Пушкиндарҙы.
Хәтерләһәң, хуш китерлек
Асҡа үткән буш көндәрҙе.

Күтәртәләр ине аттар —
Аҫып ҡуйҙыҡ бауырынан.
Ҡойроҡ аҫтын ҡоҙғон суҡый –
Һелтәй алмай ауырынан:

Кәбән төбө ҡарын соҡоп,
Бармаҡ туңып, ҡанап бөтә.
Бисә-сәсә, бала-саға
Башаҡ сүпләп донъя көтә...

САБЫЙ ЙОҠОҺО
Ҡыҙым Гөлнараға

Мин көнләшәм ҡайсаҡ Сальериҙан,
Юҡ, Моцарт та булмаҫ кешенән:
Уртаса бер фотограф та хатта
Бәхетлерәк була эшенән.
Уға ла бит тормош, был тәбиғәт
Үҙенең бер бөйөк тәлдәрен
Бүләк итеп ҡуя ҡайһы саҡта:
Бына ҡыҙым, тибеп мендәрен,
Башы түбән иҙерәп йоҡлап ята,
Әсәһенең сығып ҡуйынынан.
Юҡ, ҡулҡайын түгел, бер тәпәйен
Ташлап ятҡан уның ҡуйынына!..
Был тиклем дә мәрәкәне миңә
Ҡалай итеп тотоп ҡалырға?
Ҡайҙа миндә Леонардо ҡулы
«Мадонна һәм ҡыҙы»н яҙырға?
«Бите – алма, ирендәре – сейә,
Ә ҡулдары – аҡҡош ҡанаты», —
Тигәйнем дә... Был тапалған һүҙҙәр
Ни генә һуң бирһен аңлатып?
Теләһәң, һин сәсең йолҡоп ила,
Был илаһи бер мәл юғалыр,
Осоп китер күккә фәрештәләй,
Көнләшеүем минең шуғалыр...
Ҡабатланмаҫ ошо матурлыҡты
Күрә алмаҫ үҙе Гөлнарам.
Тик атаһы күрә күҙ йәш аша
Был донъяла шундай гөл барын...

ҠАШҠАР
(Ике хәтирә)
Рауил Бикбаевҡа

Яуа йәш ҡар. Ята ҡартлас Ҡашҡар,
Үлем тулғағында тартышып.
Мөлдөр-мөлдөр ирей яҡты донъя,
Күҙ йәшенә ҡырпаҡ ҡар ҡушып.
Алам-һалам, иҫке бишмәттәргә
Сорнаған да бала-сағалар,
Һуңғы ҡабат уны һыйларға тип,
Өйҙәренә тороп сабалар.
Килтерәләр уға ҡалъяһын да,
Ҡаласын да – эҫе-һалҡынын.
Йәл түгел һис хатта тәм-томоң да —
Күңеле киң малай халҡының.
Тик Ҡашҡарҙың унда юҡ ҡайғыһы —
Йотһа, йота йәш ҡар бөртөгөн
Һәм хәтерләй эт хәтере менән
Үткәндәрҙән хәтәр бер көндө:
Ул көн уға мәхшәр төш тә кеүек,
Булмаҫ эш тә кеүек ғүмерҙә.
Тик ошо көн һаман әрнеп яна
Бүре теше батҡан һеңерҙә.
Бүре теше ише ул көн һаман
Монар аша ҡарай тонйорап.
Тик алышта бүре үҙе ауҙы,
Яллы ҡояш төҫлө ҡанһырап!..
Һәм хәтерҙә тағы бер хәтирә:
Күл өҫтөнән томан аҡҡаны,
Бер ҡанаты һынған ҡыр ҡаҙының
Ҡамыш араһында ятҡаны.
Ҡыр ҡаҙы ла, һыуҙы ҡанға буяп,
Ята ине шулай тартышып.
Алһыу таң ҡыйылған төҫлө ине,
Ҡанатына ҡырпаҡ ҡар төшөп...
Юҡҡа уны шул саҡ хужаһына
Алып сыҡты йөҙөп, күл аша.
Шул әрнеү – күл, ахыры, уның менән
Мәңгелеккә бөгөн хушлаша!..
Һынған ҡанат менән бүре теше —
Хурлыҡ менән берғә батырлыҡ! —
Ике күҙҙән, ике иҫтәлектәй,
Һуңғы ҡабат һыҡрай матурлыҡ...


Туфанға
Егерме йыл ғүмереңде һинең
Урлағандар. Беҙ ҙә урлайбыҙ.
Беҙ кәңәшкә мохтаж,
һиңә мохтаж.
Ышанабыҙ һиңә. Ҙурлайбыҙ.
Һин тауышы, моңо заманыңдың,
Намыҫы ла уның һин генә.
Ҡабатланмаҫ Туҡай,
Таҡташ һымаҡ,
Табынабыҙ һинең һүҙеңә.
Бар берәүҙәр —
һинең ҡорҙаштарың,
Һине һатып, үҙен һаҡлаған.
Ишегенең ҡайҙа асылғанын
Юҡ, белмәйбеҙ әле беҙ һаман.
Һинең уй һәм хис туфанын ғына
Йөрөтәбеҙ һаҡлап, табынып.
Намыҫыбыҙ тиеп киләбеҙ беҙ,
Һинең уттарыңдан ҡабынып.
Һәр секундың һинең һанаулы,
Ваҡыт, эйе, түгел аяулы...
Тик бәхетле һин беҙ килгәндә,
Уйҙарыңды һинең белгәнгә.
Йәштәш булмаһаҡ та,
һин йәштәш!
Ә бәхетһеҙ һинең ҡорҙашың...
Тупһаһына аяҡ баҫмабыҙ.
Ул дан өсөн дуҫ ҡанын да
ҡоя алған,
Урын өсөн һатҡан йырын да.
Беҙ – шағирҙар,
Шиғриәттә шиғыры шағирҙың.
Һиңә киләбеҙ,
Һине һөйәбеҙ!
Шиғыр байрағын беҙ
һатлыҡ ҡулдан түгел,
Һеҙҙең ҡулдан ғына алырбыҙ.
Һеҙҙең эшсән, саф
ҡулдан алырбыҙ.


Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың
Телефондан һандар йыйғанда,
Яңылыштан ғына миңә ҡапты
Яңғыҙлыҡтың ғәмен тойғандай.

Ишетелде көндәй көләс тауыш,
Кем уйлаған был наҙ барлығын?
Аһ, ул көлөү – көмөш шөңгөр моңо —
Тик ҡолаҡта ҡалды һарлығып...

Һиҙмәнең һин шағир иләҫлеген,
Аңлайышһыҙ ул хис күптәргә:
Ул хис уны йә упҡынға ташлай,
Иә упҡындан сөйә күктәргә.

Диңгеҙҙәге ғәрәсәттән, гүйә,
Иҫән ҡалған яңғыҙ юлсыға
Өмөт нуры булып ҡабындың да,
Йыр булмайса, һүндең йырсыға?..

АҠЫЛҒА УЛТЫРЫУ
Үҙ ҡәҙерен белмәгәндең
Беләм ҡәҙерен.
Үҙен-үҙе һөймәгәнде
һөйәм хәҙер мин.
Үҙен баһалай белмәҫтең
Баһаһы – күпкә.
Үҙен күтәрмәҫте генә
Күтәрәм күккә!


Ахмаҡлығын күреү өсөн ахмаҡтың
Аҡылы ла еткән хатта ахмаҡтың.
Аҡыллының күреү өсөн аҡылын
Кәрәк икән байтаҡ көсөң-аҡылың.

ШОПЕН ЭТЮДЫ
Йә юрғалап,
Йә һырғалап ҡарҙа,
Көмөш ҡылдар тартҡан төҫ менән
Һепертмә ел —
Эй был Рихтер бармаҡтары —
Елә-саба дала өҫтөнән.

Тау шишмәһе. —
Эй был Рихтер бармаҡтары —
Ваҡ таштарға мең ҡат ҡаҡлығып,
Сылтыр-сылтыр,
Гәлсәр сыңын сәсеп,
Елә-саба алға атлығып.

Был ысынмы?
Әллә сихырмы был?
Әллә өн был,
Әллә төш кенә?
Ни булһа ла булған:
Кеше киткән,
Ҡалған бары ҡылған эш кенә...

ӘСӘ
А. Дункан иҫтәлегенә
Төнө буйы диңгеҙ күкрәне,
Төнө буйы диңгеҙ дуланы.
Төнө буйы йоҡлай алмайынса,
Яңғыҙ әсә, һине уйланым.
Төнө буйы ҡара шәл бөркәнеп,
Һин ултырҙың диңгеҙ ярында.
Таң атҡанда ҡара толомдарың
Салландылар, тауҙар ҡарындай.
Төнө буйы оҙон толомоңдо
Туҙҙырҙы ла елдәр, тараны.
Ләкин елдәр, улар баҫалманы
Күңелеңдәге тәрән яраны...

ЕҪТӘР ХАҠЫНДА
Бер көн шулай,
Юлда йөрөп ҡайтҡас,
Кис ултыра инем парткомда.
Ҡапыл шул саҡ
Тыҡ-тыҡ килгән тауыш
Ишетелде ишек артында.
Мин боролдом:
Сибәр иҫәпсе ҡыҙ
Тора ине баҫып танауын.
(Танауынан әллә ҡан китепме,
Туҡтатырға итә ҡанауын?)
— Ни булды? – тип,
Ҡурҡып, ырғып торҙом,
Ҡулъяулыҡты тартып алдым мин.
Ә ул:
— Уф, ниндәй еҫ сыға? – тигәс,
Бик уңайһыҙ хәлдә ҡалдым мин.
Аптыраным...
Ә үҙенән уның
Хушбый еҫе аңҡый бүлмәгә.
Шунда ғына минең иҫкә төштө:
— Силос еҫе! —
Шуны белмәгән!..
Ә ҡыҙ,
Йәлләү ҡатыш ғәжәпләнеп,
Килеп баҫты ла тап ҡаршыма:
— Нисек, – тине, —
Түҙеп йөрөйһөң һин
Шул еҫтәргә шағир башыңа?..
Мин саҡырҙым шул саҡ бер шиғырҙы,
Шағирҙы, тим, шиғыр яҡлаһын:
— Бөтә еҫкә түҙеп була, – тинем, –
Тик эшһеҙлек еҫе сыҡмаһын!..


Бейешәләр үләнкәйҙәр
Әсәм ҡәберендә.
Бер кем дә юҡ унан башҡа,
Тик ул – бәғеремдә.
Эй, айғынам! Ҡойсо, ҡойсо
Көмөш шарабың, —
Яҙмыш еле ташҡа бәрҙе
Күңел карабын...
Килтерһәнә, умырзаям,
Әсе кәсәмде, —
Эсәйемсе, нурға бутап,
Йәшен әсәмдең!..


Зарланмайым заманыма,
Күҙен һирпеп ҡараһын,
Күҙ йоммаһа юлдарыма,
Үҙе күрер сараһын.

Һәр замандың үҙ заңы бар:
Тантанаһы, хурлығы,
Түбәнлеге, бейеклеге,
Ваҡлығы һәм ҙурлығы...

Заманына – һәр кем бала,
Ҡабатлай заман холҡон:
Күтәрәм мин бөтәһен дә,
Күтәргән кеүек халҡым!..


Инде быйыл да мин яҙҙы күрһәм,
Тәгәрәһәм ҡыҙыл үләнгә,
Тын да алмай ятһам, күккә ҡарап,
Иҫәпләмә мине үлгәнгә...

Субыр-субыр күҙҙән йәшем аҡһа,
Аҫылынып ҡалһа ҡыяҡҡа,
Уйлама һин, ҡайғы күтәрмәй, тип,
Күтәрәм мин – сабыр ул яҡҡа.

Тик белмәйем: тағын да бер яҙым
Насипмылыр миңә, юҡмылыр?..
Насип булһа, ысын бер һүҙеңдән
Бар шиктәрем һиңә юҡ булыр.

МАСКАРАД
Мендәрҙән бер яңы йыл тағы ла,
Үткәрәләр тағы маскарад.
Күҙ алдымдан минең йылдар үтә —
Хистәремдә минең хас парад.
Ҡайҙан табып, ҡағыҙ кейем күреп,
Кейеп алған берәү сабата.
Семер-семер килеп, йөрәгемдә
Сабаталы бала саҡ ята,
Шул бала саҡ бөгөн күңелемде
Дер һелкетеп, хистәр ҡуҙғата.
Сабаталы ауыл малайының
Сабаталы көнөн уйлата:
Уртаһында ауыл баҙарының
Сабаталар үреп ул һата.
Сабаталар һатҡан аҡсаһына
Ул китаптар һатып апҡайта,
Һатып алып ҡайтҡан китаптарын
Ай аҫтында уҡый. Ай бата,
Ай батҡанға һис тә ҡайғырмай ул —
Таң атҡанда татлы йоҡлата.
Ай батҡандың һуңы таң ата ла
Йоҡоларҙан шундуҡ уята.
Ул күтәрткән яңғыҙ аттарына
Кәбән төбөн соҡоп апҡайта.
Бесән саба, кәбән ҡоя йәйен,
Урман киҫеп, ҡуна ул ята.
Башаҡ йыя,
Мәктәбенә йүгерә —
Аяғында һәр саҡ сабата.
Баҫыу ҡапҡаһының төптәрендә
Саң туҙҙырып бейей сабата.
Ҡатыҡ, үлән ашап, ғашик булып,
Сабаталы ҡыҙҙы оҙата.
Сабаталы тәүге мөхәббәтем,
Сабаталы минең бала саҡ.
Бал-маскарад түгел, хистәремдә
Ул бер парад булып ҡаласаҡ.

КЕМ, НИ ӨСӨН?
(Шаярыу)
Ҡауышып та яратмаған
Кешеләр була,
Яратып та ҡауышмаған
Кешеләр була.
Кешеләрҙең ҡайһы өсөн
Ни һуң эсәйем:
Ҡуян ҡанындай сәйенме,
Әлләсе – мәйен?
Яратҡандар ҡауышһындар! —
Шул минең әмер.
Улар өсөн харам түгел
Йотһаң да хәмер!..

КӨҘ НАҒЫШЫ
Йәй – йән күрке. Тотош хазина – ҡыш,
Яҙ – һабантуй. Моңһоу – көҙ генә.
Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына —
Нағышына көҙҙөң түҙ генә!

Ә шулай ҙа көҙҙә күпме йәм бар,
Һүҙ әйтмәгеҙ, зинһар, көҙөмә,
Осар ҡоштар сәфәр сыҡҡанда мин
Асылыма ҡайтам – үҙемә.

Япа-яңғыҙ йөрөп урмандарҙа,
Һемергәндәй утлы ялҡынды,
Мул емешен йыя көҙөн кеше
Ҡояш һымаҡ алтын аҡылдың.

КӘКҮК ТӨНДӘРЕ
Шиғырҙарға бары төнөм ҡала,
Кешеләргә биреп көнөмдө.
Ә шулай ҙа сикһеҙ хәтер ҡала,
Күпһенһәләр кәкүк төнөмдө.
Эй кешеләр! Тартып алмағыҙсы,
Ҡалдырығыҙ аҡтыҡ төнөмдө, —
Арып-арманһыҙ булып ҡалғансы
Һеҙгә бирҙем бөтә көнөмдө!


Тауҙар ҡыҫа мине,
киңлек етмәй,
Етмәй бында миңә иркенлек.
Шул тауҙарҙы этәрәһем килә
Ике яҡҡа
Ҡамыш ярып барған шикелле.
Ярай әле, рәхәт, диңгеҙе бар,
Аръяғында юҡ тик иркенлек.
Унда ла ошо кипаристар һымаҡ
Манаралар тулған эркелеп.
Таң әтәсе менән бергә тороп,
Аҙан әйтә таңын мәзиндәр.
Алла ҡоло бул, тип, мәңге, мәңге,
Ыңғыраша унда күп илдәр.


Тормош үҙе – тотош бер йыйылыш,
Кемдер яҡлар, кемдер ялғанлар.
Әммә хаҡлыҡ һинең яҡта икән,
Ялмай алмаҫ һине ялалар.

Ялағайҙар мәңге ялған яҡлы,
Ә яландың ялҡын – телдәре.
Ялҡын теле ҡайһы яҡҡа ятмаҫ,
Ҡайһы яҡтан иҫмәҫ елдәре!..

Ныҡ тор, егет, хаҡлыҡ хаҡына һин,
Тура ҡарап әйт һин ир һүҙен.
Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар,
Мең ялғанға торор бер үҙе!

ТАШ КҮМЕР
Күңел ҡатҡан ҡара таш күмерҙәй:
Тере сәскә, тере үләндәр.
Бынан мең-мен, миллион йылдар элек,
Йәшәгән дә шиңгән үлгәндәр.

Көндөҙ йондоҙ күргән күҙҙәр генә
Күрһә күрер ҡалған эҙҙәрен:
Ал сәскә, тип, күк сәскә, тип атар,
Абаға, тип атар үҙҙәрен.

Тик балҡымаҫ улар таң атҡанда
Алғанда ла былбыл алҡымдан!..
Бары утҡа бырғыт таш күмерҙе,
Ҡорос ирер ҡалған ялҡындан!..

ТОРНАЛАРҒА ТАБЫНЫУ
Тимергә
«Күктәге торнаға ышанып,
Ҡулыңдағы сәпсекте
ыскындырма...»
Кисеү бирмәҫ йылға юҡ юғында,
Тик кисеүҙәр эҙләп торманым.
Кемгә сәптер усындағы сәпсек,
Мин артынан ҡыуҙым торнаның.

Артылһам да инде ғүмер тауын,
Ултырған юҡ һаман аҡылға:
Дәрт-ҡомарым торна көҫәй һаман,
Ә сәсемә ҡунған аҡ ҡылған...

Сал сәсәнем күргән ырыҫлы ҡош
Был донъяла инде бар һымаҡ.
Ә шулай ҙа йөрәк ҡағып елһен
Яйҙаҡ менгән бынау арғымаҡ.

Ялбыр ялы яурыныма ятһын,
Ел һыҙырһын, әйҙә, маңлайға.
Тормоштан бер бәйге тейер, бәлки,
Ҡылған сәсле сая малайға!


Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк,
Һанаулы шул йөрәк тибеше.
Оҙаҡ тормай фани был донъяла,
Китә кеше, ҡала тик эше.

Үтә йәшлек, бөтә мөхәббәт тә,
Алып ҡалып булмай еңешеп.
Тик уның да, күкрәп сәскә атһа,
Сәскәнән һуң ҡала емеше.

Ләкин күңел күпте теләй! Етмәй
Өлөшөңә төшкән көмөшөң.
Бәхетең дә, бәлки, шулдыр һинең?
Һөйә белһәң, һөй һин, һөй кешем!..


Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын,
Толомдарын елгә туҙҙыра.
Ботағына уның кәкүк ҡунып,
Яңғыҙлыҡта ғүмер уҙҙыра.

Саҡыра ла кәкүк, әй, саҡыра,
Саҡырыуын бер кем ишетмәй.
Зарлы ҡошто парлы ҡоштар, ахыры,
Үҙ янына һис тә иш итмәй.

Тик мин генә, кәкүк моңон тыңлап,
Моңһоуланам кәкүк айында.
Һин шул ҡайын булһаң, кәкүк булып
Ҡалыр инем ошо ҡайында.


Үткәндәрҙә – барыһы үткәндәрме?
Бөгөнгөмө барыһы – бөгөндә?
Киләсәкме барыһы – киләсәктә?
Түгел дә!..

УРТАСАЛЫҠ
Ил ағаһы әйткән бәҫле һүҙ тыуғандай,
Яҡшы йырҙар тыуһа – һөйөнәм.
Булмаҫ йортҡа бөкрө бил тыуғандай,
Яман таҡмаҡ тыуһа – көйөнәм.

Сикһеҙ шатлыҡ – яҡшы шағир тыуһа,
Был – йыр ағасының япрағы!..
Сикһеҙ ҡайғы – яман таҡмаҡ тыуһа,
Был – кимереү тамыр-тупрағын.
Яҡшы-яман күҙгә бәреп тора,
Тик күҙ етмәй үҙәк-сереккә.
Иң хәтәре ошо серек икән,
Имәнде лә ҡыла ереккә...
Әйләнә бит имән ереккә...


Ниндәй ай был, ниндәй яҡты ай был!..
Дәфтәреңде ал да ҡуйындан,
Тот та шиғыр яҙ һин ат өҫтөндә
Һәм йәшлегең үтһен уйыңдан.

Йәшлек, йәшлек! Тороп ҡалдың мәллә
Баҫыу ҡапҡалары төбөндә?
Юҡһа, ниңә, түгелерҙәй булып,
Ташып киләһең һин күңелдә?

Бына йыйылыштан сыҡҡас, бер аҙ
Ҡарап ултырҙым да йәштәрҙе,
Әллә нишләп китте тиле күңел,
Әллә инде тағы йәшәрҙе?

Юҡ, ахыры, тальян ғәйеплелер...
Түҙмәйенсә мендем атыма.
Йән ҡалғансы саптым, шундай саптым,
Ҡарамайса алдым-артыма!..


Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған,
Ниңә, тиһең, нурһыҙ күҙҙәрең.
Һуңғы ҡабат дуҫым, йылмайып,
Бысаҡ һымаҡ сәсте һүҙҙәрен.

Был яранан ауыр яра юҡ,
Был яраны юйыр сара юҡ.
Яҡынайыр инде ара юҡ,
Бынан ҡара инде ҡара юҡ.

Дуҫлыҡ ауыр – тамсы кер ҡунһа,
Йәбешмәй ул тағы, бер ҡупһа,
Дуҫ ҡәҙере бары – дуҫлыҡта,
Ҡәҙере юҡ уның уҫлыҡта.


Үткәнгә үрт һалмағыҙ,
Тик үрелеп ҡарағыҙ.
Яҡын булыр арағыҙ...
Йөрәктәге ярабыҙ
Уңалып та бөтмәгән —
Тағы ярып барабыҙ...
Бөтә даһи һөйләшерлек
Бөтә ғашиҡ серләшерлек,
Тыңлап һүҙен, көнләшерлек,
Аңлашырлыҡ уртаҡ тел
Бөтә телдә табылыр —
Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр...

БАЙТИРӘК
Ни шаулайһың шулай, байтирәгем,
Шомланғандай үҙең-үҙеңдән?
Аңлау ауыр миңә аһтарыңды
Был яманһыу ғүмерем көҙөндә.

Ҡасан ғына әле мин үҙеңде
Сираҡ буйы сабый сағыңда,
Күм-күк боҙ аҫтынан алып ҡайтып,
Ултыртҡайным зәңгәр яҙымда?..

Хәҙер инде олоноңдо баҫты
Һәр ороңдан сыҡҡан елдәүек.
Улар һинең һырғый ботағыңды
Ҡайырмаҡсы тәүге елдә үк...

Олоноңа хатта оронмаҡсы,
Шауҙырлатып шулай бик эре.
Беләм: улар үҙҙәре лә ҡорор
Һәм һине лә итер бөк(ө)рө!..

Юҡ, шомланма улай, байтирәгем,
Инде белдем хаҡын һәр шауҙың:
Иртәгә үк ҡырҡып ырғытырмын
Артыҡтарын һырлан шаршауҙың.

ҠАРАЛАМАМ
Яңылыштан минең эш дәфтәрем
Ҡулығыҙға килеп эләкһә,
Соҡсонмағыҙ яҙған-һыҙғанымда,
Тапҡан һымаҡ ҡоҙғон үләкһә...

Һеҙгә улар бер ни әйтмәҫ-түкмәҫ,
Тик үҙемә танһыҡ үҙ серем.
Ҡараламам – ҡара тирем генә,
Аҡ тоҙон мин аҡҡа күсерҙем.

Юлламағыҙ яҙған юлдарымдан
Уйҙарымдың ебәк таҫмаһын,
Ҡойған ҡылысым бит үҙем менән,
Бында ҡалған бары ҡаҫмағы...


Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә
Тере хистәр күптән күмелгән.
Бер ниндәй көн, бер ниндәй төн хатта
Серле уйҙар һалмай күңелгә...
Күңел, гүйә, көнгә тороп ҡалған
Мәғәнәһеҙ, ғәмһеҙ ярты ай.
Аҡтарылып боҙҙар киткәндән һуң
Аҙашҡан бер боҙҙай ялтырай...
Ялтырай ай һалҡын күк йөҙөндә,
Кәрәкһеҙ бер ҡылыс шикелле.
Нуры ла юҡ, йыры ла юҡ уның,
(Тик үткәндәр генә һөйкөмлө)...

УРАЛ УРМАНЫ
Әхмәт Лотфуллинға
Ленинградтың рус музейында
тәүге осрашыу иҫтәлеге итеп.

О Рембрандт1 Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Кәмһенмәҫ тә ине ҙур даның.

Хайран ҡалып ҡарап торор инең
Ҡарағайҙың һәр бер быуынын,
Һәр бер быуынында ҡарағайҙың
Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын...

Ҡарағайҙар һәм беҙ, ҡырағайҙар,
Бергә үҫтек, бергә шауланыҡ,
Сәнғәт серен, юҡ, китаптан түгел,
Тәбиғәттән – төптән яуланыҡ.

Әй тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда – сабый бер бала...

Индермәне беҙҙе залдарына
Эрмитаждар һымаҡ һарайҙар.
Тик ботаҡтар уйымынан беҙгә
Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар.

Быуын-быуын булып тарих ҡарай —
Ҡанлы-данлы халҡым тарихы.
Батыршаның ҡанмаҫ үсе ҡарай,
Салауаттың – һынмаҫ рухы!..

Күңел күҙең һинең һуҡыр булһа,
Маңлай күҙең – ботаҡ тишеге.
Мәңге йәшел Тормош ағасына
Күңел күҙең менән баҡ, кешем.

Һин күрерһең унда ғалимды ла,
Залимды ла – Тәфкил-Батыйҙы,
Бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан
Әпкәләйҙе йәки һантыйҙы!..

Барыһы бар Тормош ағасында:
Быуындарҙы быуын тыуҙырған,
Батырҙарҙан батыр тыуған ерҙә,
Ҡурҡаҡтарҙан ҡурҡаҡ уҙҙырған.

Соғоллоҡта бына тиңһеҙ сәсән,
Йөҙ һырҡайы – гүйә, урайы,
Мәңгелектең, гүйә, аһын түгә
Ҡулдарына алған ҡурайы...

Урал батыр Аҡбуҙатын менеп,
Замандарҙан саба заманға,
Йәншишмәһен бөркөп тереклеккә,
Фауст ише Ергә ул баға...

Шаула, шаула, Урал урманҡайы,
Сығам һинән нурға төрөнөп,
Үҙ-үҙемә мәхлүк бер көйөк тә,
Хатта бер бөйөк тә күренеп....

Ҡарағайға ҡарап, хайран ҡалам:
Уйҙарыбыҙ беҙҙең – уртаҡтар.
Һәр быуынға ҡояш нурын биреп,
Бик аҡыллы үлгән ботаҡтар...

О Рембрандт! – Бөйөк әүлиә һин,
Күрһәң икән Урал урманын,
Керһәң икән уның төпкөлөнә,
Ҡулдан төшмәҫ ине ҡоралың!


Һин – минең йәшлек менән
Хушлашыуымдыр инде.
Һуңғы наҙҙар менән генә
Ҡауышыуымдыр инде.

Йәшлек былай үкенескә
Ҡалыр тимәгән инем,
Үкенескә генә ҡалды
Ярты ғүмерем минең.

Ярай әле, хәтерләргә
Бергә үткән юлдар бар —
Йөрәгемә ҡан һауҙырған
Һин тыуҙырған йырҙар бар...


Ярай әле композитор түгел, —
Шул яғыма минең шөкөр ит!
(һөйөп һин минең)
Ярты төндә ҡайтып,
көй уйнаһам,
Нисек итеп түҙер һуң инең!..
Әле былай бер ни кәрәк түгел,
Ҡағыҙ-ҡәләм булһа, шул еткән.
Кухня йәки туалет та миңә
Бына тигән бүлмәм шул икән...
Әгәр ҡайтып роялдә уйнаһам,
Миңә нисек түҙер инегеҙ?..

ТЕЛЕФОН МӨХӘББӘТЕ
Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың
Телефондан һандар йыйғанда,
Яңылыштан ғына миңә ҡапты,
Яңғыҙлыҡтың ғәмен тойғандай.

Ишетелде көндәй көләс тауыш,
Кем уйлаған был наҙ барлығын!
Аһ, ул көлөү – көмөш шөңгөр моңо —
Тик ҡолаҡта ҡалды һарлығып.

Һиҙмәнең һин шағир иләҫлеген,
Аңлайышһыҙ ул мәл күптәргә:
Ул мәл уны йә упҡынға бырғый,
Йә упҡындан сөйә күктәргә.

Диңгеҙҙәге ғәрәсәттән, гүйә,
Иҫән ҡалған яңғыҙ юлсыға
Өмөт нуры булып ҡабындың да
Йыр булмайса һүндең йырсыға...


Ҡотормағыҙ, ҡыҙ-ҡырҡын,
Егет-елән елләнер.
Барығыҙ ҙа йоп булып,
Нәҫелегеҙ түлләнер.


Ерҙә күпме байлыҡтар:
Алтын-көмөш, аҫыл таштар,
Ерҙә һөйөү, ерҙә үс тә бар,
Ерҙә ерҙең үҙен үртәп утта,
Үртәп утта бер минутта
Юҡ итерҙәй хәтәр көс тә бар.

Ерҙең үҙәгендә ҡайнап ятҡан,
Түҙмәйенсә фонтан атҡан,
Бар һәләкәт, вәхшәт бураны
Йәшеренеп ята ерҙең ураны.


Яла яғыр тотош бер йыйылыш,
Тотош бер йыйылыш ялғанлар.
Ләкин хаҡлыҡ һинең яҡта икән,
Ялмай алмаҫ һине ялалар.
Ялағайҙар мәңге ялған яҡлы,

Ә ялғандың ялҡын – телдәре.
Ялҡын теле ҡайһы яҡҡа аумаҫ,
Ҡайһы яҡтан иҫмәҫ елдәре!..

Ныҡ тор, егет, хаҡлыҡ хаҡына һин,
Тура ҡарап әйт һин ир һүҙен.
Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар,
Мең ялғанға торор бер үҙе!..


Һин янғанда дуҫың янмаһа,
Уртаҡ маҡсат тороп ҡалмаһа,
Оло булһа дуҫың дуҫлыҡтан,
Бәләкәйһә дуҫың уҫлыҡтан,
Яманыраҡ дуҫың дошмандан,
Ялғаныраҡ дуҫың ҡуштандан,
Көнсөллөк тик уның күңеле,
Шатлыҡ уға – һинең еңелеү,
Йылмайып килһә лә алыҫтан,
Баҙын ҡаҙыр һиңә ул аҫтан.
Тар күңелгә дуҫлыҡ һыямы,
Ҡайғыңды ул ҡайғы тоямы?


Тереләй ҙә, үлеләй ҙә
Тыуған-үҫкән ер тарта.
Һуңғы өмөт нуры булып,
Зиһендәрҙе яҡтырта.


Ниңәлер мин ҡурҡам осрашыуҙан:
Осрашыу бит булыр хушлашыу.
Еңелерәк булыр ине, бәлки,
Почтальонға бары хат ташыу!
Мин өҙөргә ҡурҡам ер гөлдәрен —
Ғүмергә бер сәскә аталар.
Ә беҙҙең бит яҡын араларҙа
Юлдар түгел, йылдар яталар.
Нишләргә һуң миңә? Бар барлығың,
Тик минеке булһа, ҡәҙерлем?
Миндәй аҙғын, һантый нәфселәргә
Ҡорбан булырға һин әҙерме?..


Ултыраһы ине лә бер
Оса торған балаҫҡа,
Осаһы ине, осаһы
Әллә ҡайҙа – алыҫҡа!..