Ғарипов Рәми Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. – 448 бит. Башҡортостандың, халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың күркәм шиғри мираҫы тулы күләмдә ошо китапҡа тупланды. Арҙаҡлы әҙиптең байтаҡ шиғырҙары беренсе мәртәбә донъя күрә. Төҙөүсеһе Н. В. ҒАРИПОВА ЙӨКМӘТКЕҺЕ 1950 Кәмәлә Һынауҙарҙан һуң Пилоттар маршы Тормошҡа юл Һау бул, Өфөм! Көҙ һағышы Уҡытыусыма Баҡсасылар Иркәмә 1951 Һау бул, мәктәп! Баш ҡала тураһында уйҙар Студент көҙө «Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин...» Ҡыҙыл майҙанда Повестка Бәхет йылғаһы 1952 Детдом, сәләм Мәскәүҙән Таныш күгәрсендәр Ер аҫты ҡыҙына Ҡәләм Минең бабай Бәләкәй дуҫтарым 1953 Тыуған ерҙәрем Йыр «Тал, ҡамыштар, күкһел нурға сумып...» Студенттар туйында Әсәм ҡулдары Сәләм ғүмере Саған Кәңәш Йүрүҙән ҡаҙҙары Шыршыларым Һалда Һынау Юлда Мәңге бергә «Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң...» «Ҡош юлынан яуған йондоҙҙарҙы...» Тәүге һөйөү Теләк 1954 Яҙғы йыр «Янып-көйөп йөрөйөм дә ҡайсаҡ...» Ҡуян балаһы Йүрүҙән Ҡустыма Шағир Һеңлемә Теләк «Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең...» Күгәрсендәр «Мин үҙемде бала кеүек тоям...» «Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа...» Мәскәү әкиәте 1955 Шаулай диңгеҙ Мәскәүле һыбай Юғалған эҙҙәр «Хыялымда яңғыҙ елкән булып...» Барһын! «Иҫеңдәлер ул көн...» Һуҡыр «Күрмәһәм дә һине күпме йылдар...» «Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә...» «Ҡыш селләһе тәҙрәләргә...» Аҡ төн Ҡыш әкиәте Ҡайтыу 1956 Таш сәскә «Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә...» Тыуған ер һәм һөйгән йәр Күркәмлек Дан һиңә, дан, Башҡортостан! Дуҫлыҡ Ҡурғаш шишмә 1957 Туған тел Ялан сәскәләре Тәүге сәскә Күстәнәс «Әйҙә, күбәләк булып ос...» Ер менән күк «Баҡсаларҙа яңғыҙ йөрөйөм дә...» «Ауыр булыр һиңә минең менән...» Яңы йыл йыры «Һин күрмәҫһең, иркәм...» Сыйырсыҡ Ҡолонсаҡ Һуңғы осрашыу «Үҙ-үҙеңде алдама һин...» 1958 Урал йөрәге Торналар «Шундай һалҡын, шундай сит ай...» Һуңғы япраҡ «Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап...» «Бына тағы көндө һәләк иттем...» 1960 Буранда «Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәккә...» «Бөрөләрҙе йыуып, ямғыр яуа...» «Шиғырым, һин әрем тәме әйткән...» «Тал-сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды...» Ут хаҡында йыр «...Ләкин минең, яңғыҙ ҡалғанда ла...» Тимер юл «Көмөш елдәр ҡайындарҙың...» Йырҙарыма ҡайтам «Әгәр миңә ышанаһың икән...» «Әллә ҡалай балҡып китте донъя...» Ер шауы Бына минең тыуған ер был Шофер «Шул тиклем дә һөйә алыр икән...» Хазина «Ниндәй бай был кеше эсенән...» «Ниңә шулай бер юҡ ҡына нәмә...» «Бушҡа йөрөп ҡайттым, тип...» 1961 Кеше «Китһә лә атам...» Төштәр «Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә...» «Йәшәү балҡый...» Матурлыҡ «Бала булып булмай, тик бала саҡ...» Бураҙналар Диңгеҙ һәм сабый Төшкөгә ҡайтҡанда Өндәшмәү Ғәләмде еңгән ер улына Һуйыр «Муйылдар, муйылдар, муйылдар...» «Кис булдымы, тауыш баҫылдымы...» «Оҙаҡ тыңлап торҙом сыйырсыҡты...» Ҡауышыу «Күҙ алдымда һин булмаған...» «Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү...» Егерме йыл үткәс Байраҡ Кавказ Көтәм һине 1962 Аҡсарлаҡтар Ауылдаштар «Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?..» «Көтмәгәндә мин дошманың булдым...» «Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!..» Тубырсыҡ «Ҡыңғырауҙар, көмөш ҡыңғырауҙар...» Мылтыҡ һәм һандуғас Суртан язаһы Шиғри хата Сарсау Атым Болоттар «Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир...» Киләсәк «Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә...» Тагы беҙҙекеләр «Ауыр һиңә, ауыр күтәреүе...» «Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн...» «Күптән көлгәнем юҡ ине шулай...» Ҡантүш турғайҙар Бәхет Именлек һөрәне «Бына, ағайың Кавказда...» «Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин...» Табибә «Эйе, йөрәгем таш түгел әле...» Ырашҡы Халҡым хаҡында Ҡыҙ тыуғас Яңғыҙлыҡ «Һин ятаһың ярҙа...» «Ниңә яҡын миңә...» «Көҙ үҙенең алтын шиғырҙарын...» Умырзая йыры Иртә «Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр...» «Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән...» «Төтәп ята үрттәр...» «Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин...» «Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң...» «Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә...» Туй йыры Тыуған көн «Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә...» Умартасы «Йырың, тыуғас, үлмәһен...» Салауаттар Һабантурғай Осоу Эстафета Алма Төнгө уйҙар Бешексе Маяҡ Сәнғәт Көтөүсе Һөйөнсө! Илһам Улым йоҡлағанда Үлемһеҙҙәр «Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер...» «Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был...» Утыҙҙы артылғанда Тырыш ҡаҙ «Һәр бер үлән, япраҡ ҡыштырлауы...» Таңғы йыр «Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле...» «Тыпыр-тыпыр баҫып бейей...» Тәнҡиткә тәнҡит Тел бәләһе Уйлап табыусы Хәсәнгә Алтын «Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар...» «Мин бит һине, үҙ ағайың булып...» «Диңгеҙ елдәренә сығып көтәм...» «Мин яратам ғашиҡтарҙы...» Бюрократ Минең йондоҙом «Сыйырсыҡтар ҡайтты яҙ артмаҡлап...» «Ҡояш!.. Ямғыр!..» Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡыны Ҡайын еләге «Мин китермен, һин ҡалырһың...» Яңғыҙ аҡҡош «Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне...» «Үтте лә китте йәшлегем...» Аға һыуҙар «Төн һымаҡ һин тынаһың да...» Бағышлау «Һандуғасым! Һайрап туҡтарһың да...» «Таң әтәстәре ҡысҡыра...» «Бәхет түгел һиңә минең һөйөү!..» «Беҙ балалыҡ менән хушлашҡанда...» Май йыры «Теләһәк тә барыһын оноторға...» Поэзия кисәһе «Һәр тарафым тулы мөхәббәт бит...» «Ер үҙенең йәшел ҡулы менән...» «Әйтелмәгән борсолоу мин...» «Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик...» «Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...» «Һөйгән... һөйөлмәгән...» «Көнләмә һин мине үткәндәрҙән...» «Былай үҙең бик матур ҙа түгел...» «Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был...» «Бөтәһе лә ниндәй тәбиғи был...» Яҙаһы килмәгән шиғыр Әсәй-Рәсәй Дүртәү хаҡында Айҙың көткәне 1963 Һынау «Туҡта, туҡта, ни күрәм...» «Яҙмыштың был әллә ҡарғышымы...» «Күңелемдә күпме йондоҙҙар бар...» Ғәҙәт Үләндәр Торналар Тормош Һатлыҡ йәнгә «Һабантурғай, һабантурғай!..» «Яңы йылым – яңы йырым...» «Бүлмәм...» Байлыҡ Йыр һуҡмағы «Арабыҙҙа күпме заман ята...» «Шиғырҙы күпме яҙҙым...» Ахилл үксәһе Ҡандала «Халҡым тел тыуҙырған...» «Күпме көнөң мәғәнәһеҙ үтә...» «Шулай ғүмер һөрҙөм...» Һуңлаған ямғыр «Иҫ киткес һеҙ, туған моңдар...» «Булманы был тормош!..» «Әллә ҡайҙа шиғыр эҙләйем...» Алтын даға Яҙылмаған шиғыр «Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә...» «Зәңгәр күҙле бер әкиәт һин миңә...» «Оса йылдар...» «Бер йән инек, бергә көлгән инек...» «Йылдар үткәс, онотолоп бөткәс...» «Ниндәй төн был?..» «Яттым бер көн туған Ҡаратауҙың...» «Юҡ, яратма мине...» «Бер ҡасан да шулай үҙ-үҙемә...» «Бир һин миңә, һылыу, бир күҙеңде...» Шағир штаты «Юҡ, юҡ!» – тиһең дә һин йәнең менән...» «Әйтерһең мин сикләйем...» Ер улына «Һүҙ – ул үҙе бер һылыу ҡыҙ...» Өлгө «Юлдар ситкә ҡайырғайны...» «Байлығым һин, изге һәнәрем...» Үлем Гәрәбә «Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан...» Сәсеүгә төшкәндә «Көн дә иртән...» «Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин...» «Мипе һаман йәш-елкенсәк тарта...» «Ниңә өндәшмәйһең?» – тиһең миңә...» «Һау-сәләмәт үҙем, һис үпкәм юҡ...» «Торам хәтәр юл сатында...» Уяныу «Уйҙарымды уйлап ята торғас...» Шыршылар шатлығы Иңкеш «Йоммайса йәшел күҙҙәрен...» «Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы...» 1964 Табыныу Диңгеҙ һүҙҙәре Кәкүк Ырғыҙ ҡыҙы «Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек...» Сыңрау торна Тирмәнсе «Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!..» Шағир дәүләте «Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа...» 1965 Бурыс «Эй, йылдар, һеҙ бушҡа үтһәгеҙ...» Тәүәккәллек «Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул!..» Кәбән Шәүлә «Уттың ялы-ҡойроғо юҡ...» Ер-һорнай Алғы һыҙыҡ Һандуғас таңы Машинистка «Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинән...» «Яҙ ҡояшы ҡойған ҡыңғырау сәскә...» «Кеше күпте, бик, бик күпте теләй!..» Ҡырсын тал Заман һынауы Ҡомдағы эҙҙәр «Эй, һин – кешем...» Йөҙөк ҡашы «Иңбашыңа төлкө яға түгел...» 1965 Ер еле «Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм...» «Инәй, һиңә бер яңы өй һалһам...» «Юҡ, инәкәй, мин хыялый түгел...» «Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән...» Улым Салауатҡа Ҡурай Рәссам Шаляпин «Тағы бер йыл шаулап үтеп китте...» «Тал-тирәктәр ташҡын Иҙел кисеп...» Һинең хатың «Ниңә мине көтөү ҡаршыларға...» «Теле елгә елберҙәгән...» Ураҡ менән сүкеш 1966 «Имеш, ҡояшлы бер яҙ иртәһе...» «Нур ҡалмаһа күҙеңдә...» Үлән тауышы Тауға үрләүсегә «Бына инде мин дә үлдем бит...» «Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!..» «Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш...» Миләш-кәләш «Мин – генерал түгел, беләм...» «Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай...» «Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙары «Мин бер тауыш була алһам ине...» «Минең күңелем яҙғы урман булһа...» «Кеше ғүмере һуң күпме генә?..» Ҡарағай Ҡарлуғас «Күпме ышанып мин...» Ҡан менән дан Көҙгө «Ҡош телендәй генә хат көткәйнем... «Күҙ алдымда һинең һүрәтең...» Көнбағыш Атай алтыны............................. «Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип...» «Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә...» «Эй һылыуҙар, һылыуҙар...» «Ауыр уй иҙә башты...» «Осоп үттем һинең баш осоңдан...» Оҡшамаҫ һүҙ «Һандуғас һайраған була...» Йәншишмә Йыуаса Йондоҙҙар «Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ...» «Торған һайын тормош ҡатмарлыраҡ...» «Туған телем тыуған еремдә...» «Ташлап китеү ауыр үткәнде...» «Тоҙ(е)рәңдән ҡарап ҡалдың...» Тормошсан әҙип Хөкөм «Хаттарым ул йөрәк аһтарым...» Бал-бала «Бәхетһеҙ итеп берәүҙе...» «Беләм: һине һөйөү – ул хыянат...» «Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ...» Башҡортостан «Бер баҡсала, көнгә бағып...» Шүлгән-йылға Пушкин Ос һин, ҡошсоҡ Шөшлө «Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып...» Ялбыр тирәк Сал ҡунғас «Ямғыр тынған. Ерҙән томан ҡалҡа...» Ырғыҙ буйы Хәйерле иртә! Юлдар «Заманында ғәмһеҙ йөрәгемде...» Уйҙарым «Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған...» «Ун йыл үткәс, ҡапыл осраштыҡ беҙ...» «Ниндәй соғолло был саған...» Һүҙем бар «Һалҡын ҡараш – һалҡын был аш...» Һөтлөгәндәр «Ергә ятып бер илайһы ине...» Аҡҡош йыры Алма еҫе Аҡ сәпсек «Ергә бөгөн шундай моңһоу ҡарай...» «Әллә ҡайҙарға ашҡынам...» «Үпкәләмә, һылыуҡай...» «Һәр бер үҫкән һиҙгер яңыға...» «Бүлмәңдәге һәр нәмәгә сәләм...» «Бәлки, минән аҡыллыраҡтыр һин...» Өс көй «Оҙон-оҙон юлға сыҡһаң ине...» 1967 Ил тойғоһо «Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ...» Һуңғы күкрәү Аҡҡош күлендә «Бары һиңә генә туҡталғайным...» «Һинең менән бергә булған саҡта...» Тутыйғош «Нигә генә хәҙер ҡағылмайым...» «Кәләшенә килгән кейәү егет...» «Ҡоралайым минең, ҡоралайым...» «Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын...» «Тормош булғас, булыр барыһы ла...» Туған тауыштар Емерек өй «Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына...» Дуҫтарға «Мөгөҙөнә һалып таң ҡояшын...» Иәш философ «Күк күкрәүе...» «Ир-егеттең яуға китеүҙәрен...» Сәскәләр Һоҡланыу Белһәң икән Балан бешкәндә «Шундай аяҙ, күм-күк күк йөҙө...» Шиғриәт Шыршы «Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин...» «Бала саҡтың сәмле уйыны...» Ҡыш ҡылдары Әсәлек «Юлда төшөп ҡалған ҡамсы һымаҡ...» «Күҙе уйнай, күҙе яна башлай...» «Ниндәй һалҡынайҙыҡ, тиһең. Эйе!..» Һыуһылыу «Һаумы, һаумы, ҡайынҡайым...» «Һинең яндан үткән саҡта...» «Донъяла тик икәү тороп ҡалдыҡ...» Шоколад 1968 Ғүмер «Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә, ҡыҙым...» Төшөм «Их, йәшәйһе килә ел уйнатып...» «Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай...» «Шағир – бер тамсыһы икән...» «Яҙ еттеме, туңған ҡарт имән...» Дон-Кихот «Еңелсә быу ҡалҡа сей кәбәндән...» «Мин барыбер һиңә...» «Алырымҡош менән Бирмәмҡош...» «Һин бит үҙең обком миңә...» «Ай нурымы йыуа тулҡындарҙы...» «Ҡояшҡайым – атҡайым...» «Ҡара ҡанаттарым ҡағып ҡунып...» «Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ...» «Көтмәгәндә миңә үҙ исемем...» «Яҙ еттеме – урын табалмайым...» «Ете төн уртаһы...» «Берәү йөрөй ил булһын тип...» 1969 Аманат «Һәнәк менән һыуға яҙылһа ла...» «Беҙ киләбеҙ дүртәүләп...» Анар «Ҡорбанына ташланырға торған...» «Кетер-кетер боҙ селтәргә баҫып...» «Иҫтә әле: көндө төнгә ялғап...» «Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ...» «Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла...» Бурыл бейәне һуйғас Яҙ көтөү «Бала әгәр бала булмаһа...» Яуаплылыҡ «Һандуғасҡай балаларын...» «Ямғыр ебе арҡау ебе кеүек...» «Таң алдынан беҙҙе аталар...» «Тыуғанмын. Уҡығанмын. Яҙам...» «Әллә мин бик иртә тыуғанмынмы...» «Үлтермәсе минең шиғырҙарҙы...» «Хәтерләмә ул йондоҙло төндө...» «Минең уйым...» «Минең донъям, минең ғазаптарым...» «Серәкәйҙәр сумды ҡаныңа...» «Башҡа донъянан килһәм дә...» Ҡом арҡан 1970 Ҡалҡаным «Яңы дуҫтар артҡан һайын...» Заман һәм мин «Бирсе түҙем, хоҙай, үҙең...» «Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң...» X. Туфанға Һағыш «Йәнем һөймәй кешеләргә...» Йөрәгем Тәгәрмәс «Юҡ, бәхетем мине аяманы...» «Тыңлап таңға ҡалған тел...» «Илебеҙ бер изге имән икән...» «Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта...» «Кемделер бик яратаһы килә...» Түгел! Иҫтәлектәр утрауы Ҡыш 1971 Бөркөт Бала саҡ деталдәре Сабый йоҡоһо Ҡашҡар «Егерме йыл ғүмереңде һинең...» «Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың...» Аҡылға ултырыу «Ахмаҡлығын күреү өсөн ахмаҡтың...» Шопен этюды Әсә Еҫтәр хаҡында «Бейешәләр үләнкәйҙәр...» «Зарланмайым заманыма...» «Инде быйыл да мин яҙҙы күрһәм...» Маскарад Кем, ни өсөн? Көҙ нағышы Кәкүк төндәре «Тауҙар ҡыҫа мине...» «Тормош үҙе – тотош бер йыйылыш...» Таш күмер Торналарға табыныу «Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк...» «Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын...» «Үткәндәрҙә – барыһы үткәндәрме?..» Уртасалыҡ «Ниндәй ай был, ниндәй яҡты ай был!..» «Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған...» «Үткәнгә үрт һалмағыҙ...» Байтирәк Ҡараламам «Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә...» Урал урманы «Һин – минең йәшлек менән...» «Ярай әле композитор түгел...» Телефон мөхәббәте «Ҡотормағыҙ, ҡыҙ-ҡырҡын...» «Ерҙә күпме байлыҡтар...» «Яла яғыр тотош бер йыйылыш...» «Һин янғанда дуҫың янмаһа...» «Тереләй ҙә, үлеләй ҙә...» «Ниңәлер мин ҡурҡам осрашыуҙан...» «Ултыраһы ине лә бер...» 1972 «Ҡулымда таш «Идеал юҡ. Бар тик бары...» «Бер сәғәткә поезд һуңлай икән...» Есенинға Ваҡыт «Һай, Салауат, Салауат!..» «Һин донъяны танып белмәгәндә...» «Еңел түгел ерҙә шағирҙарға...» Урланған йыр «Ул шағир бит!..» Сүл йыры Ай бәпкәләре «Сәскәләрҙе буяу кәрәкмәй һис...» «Алдыҡ менән кеше ни һуң ота?..» «Алтын ҡойроҡ, көмөш яллы...» «Ат эсерәм йылыуҙан...» «Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән...» «Башҡаларҙан, башҡа ҡатын-ҡыҙҙан...» Эллада «Тик үҙенде наҙлап йәшәгәндә...» Өфө вокзалы Ил таяғы Яндырылған хаттар Яҙ күрке «Яңы һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр...» «Япа-яңғыҙ тороп ҡалған саҡта...» Яу яланы Ямғыр йыры «Ҡасандыр бер башҡорт иле...» «Ҡоластарым ташлап, ятам ерҙә...» «Әйтер һүҙең көмөш булһа ла...» Әкиәт «Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең...» «Бөтә түбәнлектән бейек...» Иәй башы Йырҙарым «Алтмыш йәшең менән һине, ағай...» «Юҡ, был минең һантый ғүмеремдә...» «Яратам мин алһыу таң атыуын...» Чио-Чио-Сан Ай-мыйыҡ Бала саҡ ҡояшы Бәйге Бер ҡыл Тел «Түр башынан ишек төбөнәсә...» Тәүге ҡар «Тығыҙ, тынсыу был бүлмәлә...» «Төнгө ергә ятып ерҙе тыңла...» «Тел тыуҙырған халҡым...» Ташҡын Төҙөүсе дуҫҡа Һуңғы хәбәр «Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай...» Иренмәгеҙ, ирҙәр Бәләбәй һыраһы Ауылым сәхнәһе Ал ҡурай, ҡурайсым! «Ҡасты минән донъя ерәнеп...» Билдәһеҙ ҡатын «Мин заманым менән ғорурланам...» «Имән, ҡайын етәкләшеп...» «Йүрүҙәндә берәү һыу төшә...» «Эй хыялый, һантый ҡыҙ бала...» «Яҙ елдәре тәнде иркәләһә...» Сабый илауы «Тәүге һөйөү ниндәй тетрәткес һуң...» Ғәҙәтләнеү Метаморфозалар «Ялыҡтырҙы, буғай, һине минең...» «Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош...» «Үтһә үтһен йәшлек, әйҙә...» Интегралдар поэмаһы Салауат батыр «Эйе, һөйҙөм мин нығыраҡ...» «Кешелектең бар илаһи моңо...» «Халҡым теле – халҡым күңеле...» Яңы донъя «Көслөк менән тел булмаҫ...» Ҡушҡайын «Ҡындан һурҙы берәү ҡылысын...» Ҡарғалар ҡайтыуы «Көтмәгәндә ҡапыл күҙ алдыңдан...» «Булыр бала бишектән...» «Һинең менән һин дә мин булып...» «Бер тыуа ла тик бер үлә кеше...» «Ҡапҡалар» «Мин яратҡан йырҙы иҫеректәр...» «Ҡуңыр буға һымаҡ, аяғыма...» Батырша «Уян, һөйөү! Һинең хәнйәр өсөн...» «Дошманыңдың яҡшылығы...» 1973 Улыма «Ирлек булһын шағирлыҡта...» Саптар «Ил инәһе була тороп...» «Башҡа өсөн хаж ҡылған...» «Һин бит, улым, мине йөрөтәһең...» «Туған тауҙар! Туған ҡаяларым!..» «Ә ҡауырый ҡәләмем...» «Туйҙым да мин ялған, яуыздарҙан...» «Уралып ятҡан Урал буйҙарынан...» 1974 Мәңгелек моң «Мөмкинлегем булһа, бөгөндән... «Һөйөү үтте. Дуҫтар китте...» Стәрлетамаҡ Йондоҙ ҡашҡа Ҡала-тауҙар Ут илауы «Тормошоңда иң татлыһы...» 1975 «Ләйләһен һис күрмәйенсә...» «Болоттар болара...» «Был юлдарҙы инде күпме үттем...» «Ниндәй ваҡ беҙ, ҡот осҡос ваҡ...» Алтын ит! Акробат-шофер Иҫәпһеҙ иҫәпсе Исемен әйтмәйенсә Ҡулды ҡул йыуһа... Ялҡау Бригадир төшө Ҡыҙ урлау Нуҡталы ҡатын Шәғәли вә Шәрғиә Яңы Янғантау Ветврач Ишәй менән Ҡушай Сая сәпсек Ремонттан һуң Беҙҙең клуб Ҡаймаҡ Парткомда Күҙ буяусы Ғариза Меҫкен Кәзә-егет Спирттин-Хөснөтдин Тимер ҡаҙыҡ «Күрмәгәнде күрҙем инде...» Дүртәү бәйете Ҡуян һиҙиәт Сатирик рейд Тәнҡит һөйөүсе Нәүбәт Әрәмтамаҡ Ут булһын! Хажи әфәнде... һөйләнә Тартай теленән 1950 КӘМӘЛӘ Класташ дуҫтарыма Хуш бул, мәктәп! Иртәгә – вуз! Бөгөн Беҙҙең аҫта Иҙел тирбәлә. Балҡый кәмәләге дуҫтар йөҙө, Ебәк тулҡын йүгерә тирәләп. Һөйә ҡояш шаян тулҡындарҙы, Көҙгө кеүек, Иҙел емелдәй. Ҡояш һымаҡ уйҙар яҡты беҙҙең, Тойғолар ҙа ташыу Иҙелдәй. Дуҫтар ишә берҙәм, көстәр – ташҡын, Ярып бара кәмә тулҡынды. Уның кеүек еңер ҡаршылыҡты Берҙәмлеге беҙҙең дуҫлыҡтың. Кәмә эҙһеҙ. Ләкин тормош эҙен Йылдар ғына күмә аламы? Беҙ бит, дуҫтар, ерҙә киләсәкте Яҡынайтҡан юлдар һалабыҙ! Дуҫтар менән ғүмер — яҡты баҡса, Һүнмәҫлек дәрт бирә йәшәүең. Ҡайҙа ғына булһаҡ та беҙ Юғалтмайыҡ дуҫлыҡ йәшәүен! Дуҫтар ишә берҙәм, көстәр – ташҡын: Ярып бара кәмә тулҡынды. Беҙ йырлайбыҙ, беҙҙең йырыбыҙға Ағиҙел дә түҙмәй ҡушылды. Тик һин гүзәл бар донъяла, Иркен, киң Тыуған илем. Мең йыл йәшәп булғанда ла Мин йәшәп туймаҫ инем! ҺЫНАУҘАРҘАН ҺУҢ Беҙ Салауат баҡсаһына индек, Тәүге ҡабат яңғыҙ йөрөйбөҙ. Тәүге ҡабат башлап һүҙ ҡушырға Икебеҙҙән ҡыймай беребеҙ. Ә Иҙелдә йәштәр йырлай, көлә, Кәмәләрҙә йөҙә уҙышып. Ҡулбашына һалған ал яулыҡты Елберләтә Иҙел һулышы. Мәктәп тамамланғас, күптән көткән Һүҙебеҙ ҙә бөткән, күрәһең. Тик, сәскәләр, ҡояш йылмайһа ла, Һаман һынауҙа бит йөрәгең!.. Был көнгәсә һин дә ҡыйыу инең, Баҙнатһыҙмын мин дә был көндө. Ә бит көс ташыуҙан ҡулдарыма Эш етмәҫтәй ине еремдә! Күҙҙәреңдән йылы нур бөркөлөп: — Тормош ниндәй яҡты! – тинең һин. Һәм иҫереп һинең матурлыҡтан: — Һинең кеүек яҡшы! – тинем мин. ...Айырылмаҫ дуҫтар булып, аҫта, Ағыр өсөн ғүмер буйына Көмөш Дим дә ярһыу Ағиҙелдең Ҡосағына инеп һыйына. ПИЛОТТАР МАРШЫ Эх, осабыҙ! Ҡоштар арып, артта ҡала, Аҫта ҡала бөҙрә болоттар. Шаян ҡыҙҙар һоҡланышып оҙаталар, Һоҡланырлыҡ беҙҙең пилоттар. Ҡушымта: Осабыҙ, осабыҙ, юл ярып, юл ярып, юл ярып. Алыҫҡа, шәберәк, юғары, юғары, юғары. Эх, осабыҙ! Йөрәктәрҙә яна уттар, Үлем илтер беҙҙең осоштар. Гастеллолай тыуған илдең бөркөтөбөҙ, Еңелеүһеҙ беҙҙең пилоттар. Эх, осабыҙ! Йөрәктәрҙә яна уттар, Һүнеү белмәй балҡыр был уттар. Айға тиҙерәк әҙерләнһен маршруттар. Күптән әҙер беҙҙең пилоттар. ТОРМОШҠА ЮЛ Асыҡ тәҙрәләрҙән айлы төндөң Саф һулышы инә ҙур залға. Йырлай, бейей, оса алсаҡ ҡыҙҙар, Ҡарап туймаҫлыҡ һис уларға! Һәр һүҙ йомшаҡ һәм яғымлы бөгөн Кластарҙа, залда, баҡсала. Сәскәләргә таң ысығы бөркөп, Һиҙҙермәйсә офоҡ аллана. Тик ниңәлер һағышлы ла, Шатлыҡлы ла был таң күңелгә. Хушлашабыҙ, мәктәп, һинең менән, Хушлашабыҙ бөгөн ғүмергә. Һуңғы ҡабат класыма инәм, Күҙҙәр – бына, таныш картала: Юлдар Төрлө яҡҡа һуҙылғандар... Хуш булығыҙ инде, парталар!.. Класс таҡтаһы, аҡбур эҙе һиндә, Бөгөн яҙһаң, иртән юйыла. Ләкин йөрәгемдә һин, мәктәбем, һаҡланырһың ғүмер буйына... Ҡанатлана һәр бер класташым, Эшен уйлап Тыуған еренең: Берәү үҙен уҡытыусы тоя, Берәү һаҡлау кеше ғүмерен. Бөҙрә ялҡын сайҡап поезд сабыр, Ә аралар Алыҫ ҡалырҙар. Юлдар төрлө яҡҡа булһалар ҙа, Ҙур бер юлдан алып барырҙар. ҺАУ БУЛ, ӨФӨМ! Алып китәм һине йөрәгемдә — Алыҫ ҡалһалар ҙа уттарың. Ҡапланһам да вагон тәҙрәһенә Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым Күренмәйҙәр... Тик уйҙарым ғына Таныш урамдарҙан саптылар. Хәтерләнем, Өфөм, бер мәл һиңә Тәүге ҡабат килгән саҡты ла. Ҡоллоҡ алып килмәһен, тип, фашист, Ҡалмаһын, тип, утта Ватаным, Шул юлдарҙан атай яуға китте — Шул юлдарҙан кире ҡайтманы... Шул юлдарҙан вагон түбәһендә Китаптарым йөкмәп арҡама, Килеп төшкәйнем мин һиңә, Өфөм, Ҡыҙарып ҙур ҡояш ҡалҡҡанда. Ялан аяҡ үргә күтәрелдем, Һәм ҡалманым сит бер ҡулдарҙа. Беҙгә тормош үгәй булмағанда, Кешеләр һис етем булмайҙар... Бөтә яҡшылығың өсөн, Өфөм, Ҙур-ҙур рәхмәт һиңә улыңдан! Мин дә һине үҫтерермен, ҡалам, Килгән тиклем көсөм, ҡулымдан. Килһәң дә һин, Өфөм, йөрәгемдә, Алыҫая бара уттарың. Ҡараһам да вагон тәҙрәһенән Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым Күренмәйҙәр... Тик уйҙарым ғына Өфөмә һәм Мәскәү яғына Йүгерәләр... Һау бул, Өфөм, һау бул! Институтҡа инде ашығам. Мин ҡайтырмын һиңә яңынан! КӨҘ ҺАҒЫШЫ Оса ҡоштар, оса бейектән, Ҡурҡҡандай януар-кейектән. Улар: «Торройҡ-торройҡ!» – тигәндә, «Яҙғаса!» – тип аңлай тик бәндә. Иңрәгәндәй баҡыр торбалар, Көҙ һағышын ҡоя торналар... УҠЫТЫУСЫМА Мәрйәм апайға Ниндәй бәхет — Фекерең уртаҡ булған, Аңлай торған Кеше табыуы! Шатлығымдан Бик-бик түбән булыр Бейеклеге Урал тауының. Шиғырһыҙ ҙа Һеҙ бит аңлайһығыҙ Йөрәгемдең Иң саф хистәрен. Онотмамын, Һеҙҙе, Мәрйәм апай, Килгәндә лә Ғүмер хистәрем. Һәр һүҙегеҙ Миңә алтын булды, — Һис бер килмәй Сереү алтынға. Улар яныр Яҡты йондоҙ булып, Юл күрһәтеп Алға барырға. Уҡытыусы — Ниндәй гүзәл исем! Кеше итеп Һине әҙерләй. Тормоштоң ул Көрәшсеһе итә, Кескенәнән Һөйә, ҡәҙерләй. Күҙҙәр ҡамашырлыҡ Яҡты була Тиҙ булһа ла Йәшен йәшнәүе. Ниндәй гүзәл, Бер көн булғанда ла Кеше булып Ерҙә йәшәүең! БАҠСАСЫЛАР Ҡояш сыға, мин дә сығам Баҡсаға һыу һибергә. Бына шул саҡ таңға ҡалам Күҙем төбәп бер гөлгә. — Һиңә лә әллә, – тинем мин, — Һибәйем микән һыуҙы? — Һип әйҙә, – тип ул йылмайҙы, Белгәндәй минең уйҙы. — Һин дә үҫ, – тип көмөш һыуҙы Һиптем дә ҡуйҙым уға. Был гөл матур барыһынан да — Китабын тотҡан ҡулға... Һүҙ ҡушманым башҡа уға, Кәрәкмәй, йәмһеҙ була. Ә йөрәккә әйтерһең дә Ҡояш нурҙары тула! Алмағасым араһында Ултырһаң һин һәр иртән, Тик баҡсасы булыр инем Мәңгелеккә мин, иркәм. ИРКӘМӘ Ниңә, иркәм, ниңә инде Ут һалдың йөрәгемә? Яраһына йөрәгемдең Дауа – тик һиндә генә. Ниңә һинең ҡараштарың Яулап алдылар мине? Йөрәгемдә йәшәүеңде, Иркәм, аңлаһаң ине. Ниңә һине күрҙем икән Тик бер килгән ғүмерҙә? Башҡаларҙы һөйөп булмай, Йәшәгәндә һин ерҙә!.. 1951 ҺАУ БУЛ, МӘКТӘП! Һуңғы ҡабат мин класҡа инәм. Һәм ҡарайым таныш картаға: Юлдар, юлдар... Төрлө яҡҡа китә... Хуш булығыҙ инде, парталар... Павелдарҙың гүзәл образына Инша яҙыр-инде башҡалар. Экзаменда Тема түгел хәҙер, — Үҙе көтә мине баш ҡалам. Ҡара таҡталағы аҡбур эҙе Оҙаҡ тормай, бик тиҙ юйыла. Ләкин мәктәп, детдом — Йөрәктәрҙә Һаҡланырҙар ғүмер буйына... Бөҙрә ялын сайҡап поезд сабыр, Таныш ерҙәр алыҫ ҡалырҙар. Юлдар төрлө яҡҡа булһалар ҙа, Ҙур бер юлдан алып барырҙар. БАШ ҠАЛА ТУРАҺЫНДА УЙҘАР Олатайым Йүрүҙәнде кисеп, Ҡаратауҙан ары китмәгән. Ә Мәскәүҙә булыу тураһында Ул хатта хыял да итмәгән. Уйламаған уның улы атлап Үтер тиеп Тверь бульварын, Һәм Пушкин да ҡаршы алыр тиеп, Үҙенең таныш Урал улдарын. Ләкин күптән минең телем дә бар Үҙ бәхетемде үҙем йырларға. Ҡолағым да минең ҡырҡылмаған, Һалынмаған бығау ҡулдарға. Поезд елә. Ләкин хыял күптән Мавзолейҙа, мәрмәр һарайҙа. Һүрәтенә түгел, үҙ күҙҙәрем Аҡ йөҙөнә уның ҡарайҙар. Тыныс йоҡлай... Ләкин белеп ята — Килгән уға Салауат егете. Һин бит өҙҙөң Уның бығауҙарын. Һин бит булдың Уның өмөтө. СТУДЕНТ КӨҘӨ Ҡайындарҙан алтын япраҡ яуа. Ә имәндәр баҡыр күлдәкле. Күпме көҙҙө Ҡаршы алһам да мин, Бындай көҙҙө әле күрмәнем. Көҙгө татлы һалҡын, Әй, иркәләй Алландырып битең алмаһын. Ашығаһың иртән ВУЗ-ға Уйлап: «Һәр сәғәтем эҙһеҙ ҡалмаһын». Һәм профессор һиңә асылмаған Серле донъя булып күренә. Тиҙерәк, тиҙерәк уны асҡың килә, Үткең килә төпкә, түренә. Белеүҙән дә ҡыҙыҡлыраҡ нәмә Юҡтыр, ахыры, дуҫтар, донъяла! Институт һинең йөрәгеңә Мәңгелеккә һүнмәҫ ут һала. Тормош юлың яҡты ижад була — Һөйөү янһа тыуыр эшеңә. Бик ҡыҙғаныс миңә Был тормошто Үтмәһәләр әгәр кешеләр! Ҡайындарҙан алтын япраҡ яуа, Баҡыр күлдәк кейгән имәндәр... Ләкин күңел көҙһөҙ: Беҙ студент! — Мәңгелек яҙ илгә килгәндә. * * * Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин Матурлыҡҡа ғына ҡараһаң, Кеше матур һәр саҡ эше менән, Был ҡулдарым эшкә яраһа, Мин үҙемә үҙем ҡоям бәхет, Намыҫым саф, күңелем ҡәнәғәт. Ә мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, — Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт. ҠЫҘЫЛ МАЙҘАНДА Иң шатлыҡлы минуттарҙа Һәм күңелһеҙ саҡтарҙа Киләмен мин Ҡыҙыл майҙанға — Шатлығым була ҙурыраҡ, Күкрәк һулай тулыраҡ, Яҡут йондоҙ балҡый нурлыраҡ. Яҙын һынауҙар алдында Һәм һынауҙар һуңында Йөрөйөм мин Ҡыҙыл майҙанда. Ябалаҡлап ҡар яуғанда, Кремлдә уттар янғанда Буламын мин Ҡыҙыл майҙанда. Хайран ҡалам ҙур байраҡҡа: Ул, ялҡындай, ян-яҡҡа, Бар донъяға яҡты нур яҡҡан. Йөрәгем унан дәрт ала, Хыялым ҡанатлана Килгән һайын Ҡыҙыл майҙанға. ПОВЕСТКА Ҡайтыуыма минең кискә ҡалып Институттан ятаҡҡа, Повестка бар – ята өҫтәлемдә: Иртән – военкоматҡа. Һары урман аръяғында инде Ҡыҙарып көн дә тыуған. Сыуаҡ күк көмбәҙен самолеттар Аҡ таҫма менән быуған. Һулап туймай дымлы япраҡ еҫен, Барам саҡырған яҡҡа. Әйтерһең дә, үҙем күктә осам, Ер ҙә теймәй аяҡҡа... Бик ентекләп ҡарап, комиссия: «Ярайһың, егет, – тине. — Ҡайҙа теләк?» – тигәс. «Күккә! – тинем. — Күптәнге ниәт ине...» Ә полковник миңә: – «Кәрәкмәй, – ти. — Улай ерҙән ҡурҡырға. Хәҙергә һин ерҙә ос, – ти. – Яҡшы уҡы!» «Есть, – тим, – яҡшы уҡырға!..» БӘХЕТ ЙЫЛҒАҺЫ Ҡыҙған тимер төҫлө ҡояш батты. Һәм һиллеккә сумды бар яҡтар... Мин ултырған был яҡ ярҙан бер саҡ Баржа тартып уҙған бурлаҡтар... Аттай егелеп, ауыр баржаларҙы Улар үргә һөйрәп баралар. Йыйырсыҡлы, янған йөҙҙәренән Юл-юл булып тирҙәр ағалар. Йәшәү ғазап, йәшәү бик, бик ауыр, Улар тартҡан йөктәр шикелле. Һәм уларҙың моңло йыры, гүйә, Йылдар аша миңә ишетелде... Ҡапыл пароходтың гудок тауышы Өҙөп үтте минең уйҙарҙы; Палубала – йәштәр... Ишетәмен Бөтөнләйгә яңы йырҙарҙы: «Киң һин, Волга, тынһың, Волга! Һин бит бәхет йылғаһы, Утың менән балҡытырбыҙ Коммунизм донъяһын». Ошо дәртле, ябай йырҙан минең, Осҡан ҡоштай, йөрәк елкенә. Бурлаҡ йыры түгел, был йылғаның Ярҙарына шат йыр бөркөлә. Волгам тулҡынына Ағиҙелдең Ҡушылғандай көмөш һыуҙары, Минең башҡорт халҡым ҡуша һиңә Намыҫ эшен, көсөн, уйҙарын. Волга, Волга! Һинең һәр тулҡының Балҡытасаҡ бәхет уттарын. Ә был уттар – беҙҙең йөрәктәрҙең Теләмәүе ерҙә ут, дары. 1952 ДЕТДОМ, СӘЛӘМ МӘСКӘҮҘӘН Ҡалдың, мәктәп. Ҡалдың, туған детдом... Иҫкә алам һеҙҙе һағынып. Юйылмаҫлыҡ көндәр йөрәгемдә Мәңгелеккә ҡалды яҙылып. Ағастарҙың һары япраҡтары Бульварҙарға ята түшәлеп... Һәм был көҙҙөң һәр бер иртәһендә Метроға ашығып төшәмен. Мәскәү!.. Әкиәттәге донъя төҫлө, Күҙҙәремә минең күренә. Шул Мәскәүҙә бөгөн мин дә бармын — Ул студент итте үҙенә. Даһи менән бер ҡалала йәшәү!.. Ышанманым быға һис тәүҙә. Бына бөгөн һеҙгә хаттар яҙам: Детдомыма сәләм Мәскәүҙән! Детдом! Ниңәлер һин бигерәк яҡын, Тәүге һөйөү кеүек күңелгә. Етемлекте һиндә күрмәнем мин — Онотмамын һине ғүмергә. Һаман әле һөйгән ағастарға Һыуҙар ташып, килә һибәһем. Һәм һин, Өфөм, Кескәй Мәскәү булып, Күҙ алдыма минең киләһең... Сәләм һеҙгә, яңы тыуған йорттар, Яңы янған уттар кистәрҙә, Миңә белем биргән кешеләргә, Детдомыма сәләм Мәскәүҙән! ТАНЫШ КҮГӘРСЕНДӘР Күкһел урман кейгән туған тауҙар. Тауҙа ята балҡып ауылым. Осоп атлап, ҡайтып етеп киләм, Еткән һайын арта һағыныуым. Тауға күтәрелгәс, иң беренсе Ҡаршы сығып ала мәктәбем. Нихәл, мәктәп, һаумы, туған мәктәп! Ҡабул ит һин Мәскәү сәләмен. Ә ул сәләм Ҡыҙыл майҙандағы Илем йөрәгенең үҙенән. Ул йөрәкте тәү ҡат һиндә күрҙем Уҡытыусымдың йылы һүҙенән. Мәктәп... Беҙ ултыртҡан йәш тирәктәр Ҡалай бейек үҫеп киткәндәр! Япраҡтары ялтлай баллы һымаҡ, Күҙ алдыма килә үткәндәр... — Гөлдөргөү! Гөлдөргөү! Күгәрсендәр Тәҙрә баштарында геүләйҙәр. Ғүмер итеп, бала сығаралар, Галстукһыҙ мине белмәйҙәр. Күгәрсендәр. Таныш күгәрсендәр — Юлдаштары бала сағымдың. Бала сағым һеҙҙең гөрләүҙәрҙә, Ни тиклем мин һеҙҙе һағындым! ЕР АҪТЫ ҠЫҘЫНА Һалҡын тыштан ингәс тә һин, Йып-йылы метро. Зәңгәр вагондарға халыҡ Инеп ултыра. Дежурный ҡыҙ, диск тотоп, Команда бирә — Йылғыр поезд ер аҫтынан Йомшаҡ йүгерә... Һәр саҡ миңә һоҡланғыс был Ер аҫты ҡыҙы: Ыҡсым ҡара шинель, погон, Фуражка – ҡыҙыл. Оҙата һәм ҡаршы ала Эштән халыҡты, Бөгөн генә күпме кеше Төштө, ҡалҡты! Ялтлап торған вагондарға Кем генә инмәй: Бала бара йылы ҡулда Бер ни ҙә белмәй. Ә бит бына уның менән Бара эшселәр — Уның яҡты киләсәген Төҙөгән кешеләр. Поезд туҡтай, ишек үҙе Асылып китә; Мәрмәр һарай, ҡөҙгө кеүек, Ялт та йолт итә. Ер аҫтының уңған ҡыҙы! Күпме кешене Оҙатаһың, ҡаршылайһың... Дан һинең эшең! ҠӘЛӘМ Ҡәләм ята... Килмәҫ шағир ҡабат, Юҡһынһа ла уны өҫтәле. Тик өҫтәлен һөйөп, ҡарап үтә Бик күп күҙҙәр – төрлө төҫтәге. Мин дә үтәм. Ә ҡәләмде күргәс, Әрнеү киҫте минең йөрәкте. Күҙ алдына Мәжит Ғафуриҙың Килеп баҫты ябай һүрәте. Ҡәләм... Шағир тотҡан ябай ҡәләм Алтын кеүек ята һаҡланып. Тыйһалар ҙа – буламы һуң түҙеп? — Ҡулдарыма тотоп ҡараным. Әйтерһең дә, шул саҡ шағир үҙе Тотоп алды ҡыҫып ҡулымдан, Шиңмәҫ сәскәләрҙе ҡалдыр, тине, Шағир булһаң, изге юлыңда... Ҡәләм... Шағир тотҡан ябай ҡәләм Яҙып бөтөлмәгән китаптың. Ҡулдарыма алғас ул ҡәләмде, Мин үҙемдә бөтмәҫ көс таптым. МИНЕҢ БАБАЙ РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы X. Фәтҡуллинға Минең бабай бик күп һыуҙар эскән, Ап-аҡ ҡарҙар яуған сәсенә. Күҙҙәре лә ийде батҡан эскә... Ә уларҙан уттар сәселә. Һаман уҡыта ул. Нимә бар һуң Хеҙмәтенән Уға татлыраҡ? Эшкә ғашиҡ ҡарт тип Күкрәгендә Ике «Ленин» тора ялтырап. — Арытмаймы, бабай, ҡартайтмаймы? — Тигәс уға мин бер ваҡытта, Әйтте миңә: — Йәшәргәндә заман Ҡартайырға, улым, ваҡыт тар... бәләкәй дуҫтарым I Яратам мин һәр саҡ Мәскәүемдең Тверь бульварынан үтергә. Уйнай бында бәләкәй дуҫтарым. Мөмкинме һуң күрмәй китергә? Берәүһенең саҡ асылған теле, Ә тырыша көрәк тоторға. Ниндәй ихлас шофер! Ең һыҙғанып «Грузовик»ка ҡомташ тултырған. — Ҡара әле, ағай, МГУ төҙөнөк. Оҡшаған бит? — Эй, оҡшаған. — Ә атайым ҙурын төҙөй, – ти ул, Һүҙҙәренән күңел йомшара. II Хәҙер инде мамыҡ аҡ ҡар яуа, Ә дуҫтарым һаман эшендә. Сыбыҡтарҙан урман ултырталар, Хатта ваҡыт та юҡ өшөргә. Тыңлап үтәм һәр көн уйнауҙарын, Ләкин бөгөн бик ҙур яңылыҡ: Ҡыш бабайҙың ап-аҡ күкрәгенә «Тыныслыҡ!» тип ҡуйған яҙылып. Ә дуҫтарым йырлап әйләнәләр Тотоношоп ҡулға ҡулдарын. Алһыу биттәренә аҡ ҡар ҡуна... Яратам мин Тверь бульварын. 1953 ТЫУҒАН ЕРҘӘРЕМ Суйын юлы буйлап киләм уйлап, Иркәләнеп төндөң ҡуйынында. Күм-күк томан ҡосағына сумып, Ҡыҙ балалай, йоҡлай ҡайындар. Ваҡ-ваҡ ҡына бөрсөктәре менән Томан бөркә биткә һулышын. Әйтерһең дә, йөрәгемдә минең Шул бөрсөктәр килә тулышып. Бик асығып һалҡын һөт эскәндәй, Был томанды һулап туймайым. Мәскәү яны! Тик мин урманыңда Урал ҡайындарын уйлайым. Бик ғәжәп бит уйлап ҡарағанда: Һағындырыр бер саҡ был ерҙәр — Тәнем менән мин Уралда тыуһам, Аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә. ЙЫР Йырларға мин шәптән түгел, дуҫтар, Тик мин йырҙы үлеп яратам. Бөтә шатлығымды йырға һалам, Ҡайғымды ла йырлап таратам. Әллә нисек яҡын туған моңдар, Бигерәк матур, бигерәк һағышлы — Тау юлдары кеүек урау-урау, Дала кеүек иркен ағышлы. Моң-зарҙары ата-бабаларҙың Йөрәк ярып сыҡҡан йыр булып, Йәшәп килгән быуын-быуындарға Йырҙа өмөт яҡты нур булып. Егеттәрҙең даны, батырлығы Йыр ҡалдыра тыуған илендә. Ҡыҙҙарының йылы матурлығы Иыр тыуҙыра егет күңелендә... Иң-иң наҙлы һүҙҙәр көйләп, әсә Ҡолонсағын йырлап йоҡлата. Йоҡоһонан торғас, иле уға Йырҙай матур көндө уята! * * * Тал, ҡамыштар, ҡүкһел нурға сумып, Ойоп ҡалған Димдең ярында. Ҡарт тирәктәр, гүйә, бер төш күрә Ғашиҡтарҙың бәхете турында. Ә беҙгә бит өн был, Ғәжәп төн был: Беҙ кәмәлә икәү яй ғына Үрләгәндә — Саф һыу көҙгөһөндә Йөҙә алдан тыныс ай ғына. Тик тамсылар ҡөмөш ишкәктәрҙән Субырлашып һыуға ҡойола. Ниндәй еңел беҙгә — Ишеү бергә! — Ағын һыу ҙа талғын тойола... Тормошта ла шулай ғүмер буйы, Уртаҡлашып бөтә нәмәне, Упҡындарҙан, Хәтәр урындарҙан Алып сыҡһаҡ ине кәмәне!.. СТУДЕНТТАР ТУЙЫНДА Артыҡ һый ҙа, байлыҡ та юҡ Студенттар ҡорған табында. Ләкин донъялағы иң күңелле, Иң бәхетле туй ул тап бында!.. Әсе, тиһәләр ҙә әсе түгел, ахыры, Студент кейәү менән кәләшкә. Бер-береһе өсөн тыуған кеүек, Бигерәк инде был пар килешкән! Күк күкрәтеп, тәүге май кисендә Яңғыраны салют тауышы... Мин баш ҡоҙа булып баш һүҙ тотам: — Ике ғүмер әйҙә ҡауышһын!.. Аҡ ҡайындар япраҡ ярған саҡҡа Тура килде ғүмер яҙығыҙ. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа күңелегеҙҙә Мәскәү яҙын һаҡлап ҡалығыҙ. Ил ҡыуанһын һеҙҙең эшегеҙгә, Ауырлыҡтар ғәҙел бүленһен. Ғүмер буйы күркәм мөхәббәттең Шиңдермәгеҙ нурлы гөлөн һеҙ! ӘСӘМ ҠУЛДАРЫ Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ Һөҙәк кенә тауҙың битендә. Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда, Үҙең янып бирҙең салғымды. Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры Үҙ салғымда уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, Көлөмһөрәп минең һелтәүгә. Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп, Йүнле сапмаһам да мин тәүҙә. Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин: «Тарыраҡ ал, тинең, алдыңды, Ипләп кенә өйөрөп сап шулай, Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..» Һыуҙай алып китте кескәй салғым, Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды. Ысыҡтарға тамғас мөлдөрәшеп, Улар илашҡандай тойолдо... Һин һоҡланып ҡарап тора инең, Артта ҡалған йәшел эҙемә. Йылмайһаң да үҙең, йәш тулғайны Һинең дә бит, әсәй, күҙеңә: «Атайың да шулай саба ине — Был саҡлы ла оҡшар икәнһең!..» Тик күрмәне атай был эҙҙәрҙе, Юҡ ине ул – яуға киткәйне... Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы Кескәй генә хеҙмәт юлымдың. Ул саҡ, әсәй, белмәй инем әле Алтын икәнлеген ҡулыңдың! СӘЛӘМ ҒҮМЕРЕ Ун ғүмерҙә бөтмәҫ йәшәү дәртен Йөрөтәм мин йөрәк түрендә. Ғ. Сәләм Зөбәржәттәй йәшел япраҡ ярып, Бер ал сәскә көндәй балҡыны, Кешеләргә, ергә һәм ҡояшҡа Сикһеҙ ине һөйөү ялҡыны. Зәңгәр күктән яҙғы ҡояш нурын Көндәр буйы туймай һуланы. Төндәр буйы, таң атҡанға саҡлы, Йөҙөн уның ысыҡ наҙланы... Ҡапыл шул саҡ шыуҙы ҡара йылан, Ыҫылданы, ҡыҫты сәскәне!.. Һуңғы ҡабат сәскә йылмайҙы ла — Шиңде, һүнде, нурын сәсмәне. Сәсмәне ул нурын... Тик ул ергә Орлоҡтарын ҡойоп өлгөрҙө. Үлемдә көс сикһеҙ ҙур булһа ла — Быуа алманы ысын ғүмерҙе! Сәләм, һинең йәп-йәш. саф ғүмерең Шул сәскәләй шиңгән көн ине: Тәүге йырым итеп уҡығайным «Ҡыҙыл букет»ыңды мин һинең... Һин атлаған урамдарҙан үтеп, Эҙләп килдем һинең ҡәберҙе — Тик тапманым! Ләкин йөрәгемә Һин йыр кеүек яҡын, ҡәҙерле. САҒАН Күрә күктән көҙгө ҡояш: Бойоға бер ҡарт саған. Бар япрағын ҡойһа ла ул, Ос япрағын һаҡлаған. Һаман да ул нурға туймай, Күҙ төбәгән ҡояшҡа. Ә ҡояшы һирәк ҡарай, Йылытмай инде башҡа. Өҙгәләй ел ос япрағын, Һәм ҡыраулы көҙгө төн. Ә ул һаман йәшел әле, Һаман өҙмәй өмөтөн!.. КӘҢӘШ Һөймә, дуҫҡай, үҙен һөйгәнде һин, Хәтерләмәҫ хатта исемеңде, Тарһыныр ул һинең шатлығыңа, Боҙға һалма утлы хисеңде. Бөтә һүҙҙәреңә – һаңғырау ул, Күңелеңде күрмәҫ – күҙһеҙ ул, Йөрәгеңде асма, серҙәр сисеп — Йөрәге туң, йылы һүҙһеҙ ул. Тик бер үҙен һөйгән – иң буш кеше Һөйә беләме һуң атлығып? Кеше өсөн һөйөнмәгән йәндең Ҙур буламы инде шатлығы?! ЙҮРҮҘӘН ҠАҘҘАРЫ Ҡояш байып, инде күҙ бәйләнде, Киске эңер күмде ауылды, Күтәрелеп килгән ай янына һанһыҙ йондоҙҙар ҙа ҡабынды. Тау башында, Йүрүҙәнгә ҡарап, Тулҡын моңон тыңлап ултырам. Ай нурҙары алтын һуҡмаҡ булып, Тулҡындарҙа ята ҡалтырап. Әйтерһең дә, минең бала сағым Шул һуҡмаҡтан ҡайта йүгереп, Йә ул унда йәрә һалып йөрөй, Йә ҡыуҡыулай, атын йөҙҙөрөп. Йә ул, усаҡ яғып, яр буйында Әкиәтен тыңлай һалсының, Иә ул елдәй саба, тайҙар көтөп, Һелтәй-һелтәй йылан ҡамсыһын. Йөрәгемә барыһы, барыһы яҡын, Тәүге һулыш биргән төйәгем, Илкәйемдең изге ере итеп, Һөйгән йәрҙәй һине һөйәмен... Ҡапыл, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаңҡылдашып, Баш осомдан ҡаҙҙар остолар, Шәүләләре бер ҡат өйөрөлдө лә Көмөш тулҡындарҙы ҡостолар. Субыр-субыр килеп, һыуға сумып, Ҡанаттарын елпеп ҡуялар, Әллә улар һыуҙы һағынғандар, Әллә мин килгәнде тоялар?.. Ҡаҙҙар һис тә һыуһыҙ йәшәй алмай, Хатта төндә килеп ҡағына. Улар, ахыры, Йүрүҙәнкәй буйын Мин һағынған кеүек һағына. ШЫРШЫЛАРЫМ Алһыуланып апрель таңы ата. Мәскәү шауһыҙ, әле ул тып-тын. Институтым баҡсаһына илтеп, Мин өс кескәй шыршы ултырттым. Ҡаҙ бәпкәһе төҫлө йәшкелт һары, Ҡаҙ бәпкәһе кеүек наҙлылар, Ҡайтҡас та мин тыуған Уралыма, Һағынырҙар һымаҡ бик улар. Бәпкәләрем! Ҡыҙыл майҙандағы Шыршыларҙай, бейек үҫегеҙ! Килтерҙем мин алыҫ ерҙән һеҙҙе, Аңҡып торһон өсөн еҫегеҙ. Бар донъяның көткән улы булып, Ульяновтың тыуған көнөндә, Һеҙ ҙә йәшел булып ултырығыҙ Баҡсаларға сумған илемдә. Мәскәүемә һағынып килгән һайын Булырһығыҙ һеҙ ҙә уйымда. Күҙ алдыма бер студент килер, Тимер көрәк тотоп ҡулына... ҺАЛДА Ҡыҙарып ҙур ҡояш сыға Күк тауҙарҙың артынан, Аҡ томанды Йүрүҙәнгә Ҡыуа тауҙар һыртынан. Ауырайып аҡҡан һалда Сәй ҡуйҙыҡ, усаҡ яғып, Оҙон көйҙәр яңғыратып, Киләбеҙ талғын ағып. Сайҡай талдарҙың толомон Көмөш һыуың, Йүрүҙән. Һинең ебәк ҡосағыңда Туймамын һыу инеүҙән. Суртан ҡарпый шаптыр итеп, Йәйелдереп ҡулсалар, Аҡ сабаҡтар ауларға тип, Аҡсарлаҡтар осалар. Ҡояш нуры ҡайҙа бара — Аҡ томан ергә яуа: Көнө буйы аяҙ булыр, Зәп-зәңгәр булыр һауа. — Әй, Байғүбәк! Алға ҡара! Йырлап ҡына ултырма! Иыр, әлбиттә, шәп нәмә ул... Һалды ташҡа һуҡтырма! 1963 ҺЫНАУ Нисә ҡабат инде һынау бирәм, Тәүге ҡабат һымаҡ һәр һынау: Нисек кенә белмә, уҡыма һин, Тик барыбер йөрәк ярһына... Һөйөнәһең билет алыу менән, Рәхәт тә һуң һынау һуңынан: Зачеткаңды тотоп балҡып сығыу, Ҡотланыуың дуҫтар ҡулынан!.. Әйтерһең дә, шул саҡ һин осаһың Ҡанат сыҡҡан ҡошсоҡ шикелле, Баҡсаларың, ҡалам, хуш еҫлерәк, Ҡыҙҙарың да сикһеҙ һөйкөмлө... Яратам мин йөрәкһенеп үткән Студенттың ҡыҫҡа төндәрен, Тынғыһыҙ бер тулы тормош менән Эшкә сумған һынау көндәрен. Бар ғүмергә көс-дәрт бирер, Мәскәү, Һиндә үткән йәшлек йылдарым. Һин һынаған өсөн, бер эштә лә Һынатмаҫтар һинең улдарың! ЮЛДА Иүкә урмандары хуш еҫ бөркөп, Вагондарға ҡаршы еләләр. Уйнап-көлөп, дәртле йырҙар йырлап, Студенттар ҡайтып киләләр. Ҡайһы юлдаштарым китап уҡый, Шахмат уйнап килә берәүҙәр. Оҙон юлды бик, бик ҡыҫҡа итә Баштан үткәндәрҙе һөйләүҙәр. Аҙмы һуғыш, тормош ауырлығын Күтәреште беҙҙең бала саҡ? Эшсән балалыҡты иҫкә алыу Юлдарҙа ул мәңге барасаҡ. Юлда кешеләр бик тиҙ танышалар Туғанлашып бер-береһенә. Йә егеткә татлы ут ҡабына, Иә ҡыҙыҡай тәрән көрһөнә. Берәүҙәрҙең юлда бар ғүмергә Бергә үтер юлы башлана. һәйбәтһең һин, беҙҙең йәшлек юлы — Башлай һине Мәскәү – баш ҡала. МӘҢГЕ БЕРГӘ ...Аҡрын-аҡрын эре ҡарҙар яуа. Аҡ ҡар түгел, ҡара ҡайғылар... Бынан ауырыраҡ, бынан да ҙур Донъяла һуң ниндәй ҡайғы бар?.. Юғалттыҡ беҙ күҙ-ҡаш араһынан Иң ҡәҙерле, иң дуҫ кешене. Аҡма, йәшем! Кире ҡайтарырға Дауаһы юҡ күҙҙәр йәшенең. Ғүмеремдә өс ҡат күрҙем һине, Өс ғүмерҙә бөтмәҫ көс алдым, Аҡтыҡ тамсыһына саҡлы уны Эше өсөн бирәм Атамдың. Туҡтанылар донъялағы иң ҙур, Иң күп эш эшләгән ҡулдарың. Туҡтамаҫ һис уйың. Партиябыҙ Яҡтыртасаҡ еңеү юлдарын. Ул һүҙеңде үтәр, үтәгәндәй Һин Ленинға биргән антыңды. Ленин һәм һин мәңге ҡалырһығыҙ Ҡуш йөрәге булып халҡымдың: * * * Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң, Алыҫтарға аҡты Дим менән. Аҡҡошом, тип, һине аҡ томанда Алып сыҡтым ярға кәмәнән. Беҙ, балалар кеүек, етәкләшеп, Урман аҡланынан атланыҡ. Сәскәләрҙән һиңә таж үрергә Иң-иң матурҙарын һайланыҡ. Мин ул тажды һиңә кейҙергәндә, Һылыуҙарҙан һылыу инең һин. Таң нурындай тартҡас күҙ ҡарашың, Ҡыйыуҙарҙан ҡыйыу инем мин... Ҙур ҡояш та сығып йылмайғанда, Яҡты өмөт менән тулғайны, Шул көн менән мин тик һинең өсөн, Ә һин минең өсөн тыуғайның... * * * Ҡош юлынан яуған йондоҙҙарҙы Сылтыр-сылтыр сайҡап аҡты һыу. Ай ҙа Сүмес Етегәне менән Һирпей ергә һыуҙай яҡтыһын. Ялҡынланып ярҙа усаҡ яна, Ниҙер көйләй ялҡын телдәре... Ә мин һиңә киләсәкте һөйләп, Үҫтерәмен хыял гөлдәрен. — Йүләрем һин! – тиһең йомшаҡ ҡына, Ҡулдарыңа ҡыҫып ҡулымды... Ә ай нуры көмөш тараҡ менән Тарай һинең ебәк толомдо... ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ Зәңгәр яҙҙың тәүге күкрәүендәй, Күкрәнең дә йәшлек күгемдә, Йылы ямғырҙан һуң балҡып сыҡҡан Йәйғор булып ҡалдың күңелдә. Тик был яҡты, иң саф йәйғор нуры Таянманы ике йылғаға: Миңә һин бер серле әкиәт тә, Моңло йыр ҙа кеүек йырларға. Мин аҡылдан яҙып һөйҙөм һине, Һөйә алмам шулай ғүмерҙә — Көс ташыуҙан ҡулдарыма минең Эш етмәҫтәй ине был ерҙә!.. Бәлки, мәңге юҡһынырмын һине, Бәлки, башҡа берәү тиң булыр?.. Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең Йөрәгемдә утлы миң булыр. ТЕЛӘК Тынғыһыҙ һәм эшсән ғүмерем буйы Иң яҡын дуҫ булһаң әгәр һин, Һинең наҙлы йылылығың менән Илһамланып эшкә торһам мин, Икебеҙгә беҙҙең иң һөйөклө, Бик ҡәҙерле матур бер бала: Һиңә – әсәй, миңә – атай, тиһә, Ниндәй шатлыҡ быға етә ала? Был һүҙемде әле әйталманым, һаҡлаһам да тик бер үҙеңә. Үҙ йөрәгең менән үҙең аңла, Ҡара ла һин минең күҙемә. 1954 ЯҘҒЫ ЙЫР Аҡ ҡайындар күңелләнеп шаулай, Йырлай миңә яҙғы йырҙарын. Йәп-йәш үлән түшәгендә ятам Ябынып мин ҡояш нурҙарын. Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойола, Гүйә, кемдер уйнай ҡурайын! Юҡ, йомарт ер көмөш шөңгөр итеп Күккә сөйгән һабан турғайын! Тыңлай уны моңһоу умырзая, Бәрхәт күлдәктәрен кейенеп. Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп, Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп... Мәңге һөйөп йәшлек күркәмлеген, Һайрап туймай һары һандуғас, Мең-мең телдә сутылдаша ҡоштар, Ер һылыуы – алсаҡ яҙ тыуғас. Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде! Һинән йәпләнмәҫ йән һирәктер? Тик һин миңә бойоҡ булыр инең, Яҙа үтһәң минең йөрәкте!.. * * * Янып-көйөп йөрөйөм дә ҡайсаҡ Йөрәгемдә тыуа ҡурҡыныс: Була алырмы һуң был ҡәләмем Ялғанлыҡты киҫер бер ҡылыс?.. Юҡ, сигенмә, егет, ҡынға тыҡма — Хатта ҡылыс ҡылға ҡалғанда, Йәшәгәс һин, йәшә яна-яна, Йөрәк йәшәрә тик янғанда! ҠУЯН БАЛАҺЫ Һоро ҡуян, йәмле яҙҙар килгәс, Тыуҙыра ла һоро балалар, Оҙон ҡолаҡтарын ҡарпайтышып, Улар үкһеҙ тороп ҡалалар. Белмәйҙәр шул улар инәһенең, Урман төпкөлөнә ҡасҡанын. Үҙ йүнеңде инде үҙең күр, тип, Тал ҡимертә башлай ас ҡарын. Уҫаҡ япраҡтары ҡалтыраһа, Уҫалдыр, ти меҫкен һаҡҡолаҡ. Ярай әле аяҡтары йылғыр — Ғүмер итә шунда сапҡылап. Саңҡып-саңҡып бүре олоғанда, Саҡ ярылмай уның йөрәге. Бүтән йәнлектәргә күрһәтмәһен Ҡуян балаһының күргәнен! ЙҮРҮҘӘН Йүрүҙәнем, йор үҙәнем! Һағындым һине. Сәңгелдәктәй, тулҡындарын Бәүетһен мине!.. Күрергә тип тыуған ерҙең Зәңгәр һауаһын, Күк Уралдың күкрәгенән Урғып сығаһың. Сығаһың да, урғып-ярһып, Һыймай ярҙарға, Йүгерәһең, Йүрүҙәнем, Әллә ҡайҙарға! Бормаланып-бормаланып, Ҡурай моңолай, Ағаһың һин алыҫтарға Мәңгегә тынмай... Күп һыуҙарҙың һыуын эсәм, һыуһыным ҡана. Тик нимәлер йөрәгемә Етмәйсә ҡала... Ни һуң етмәй, ни һуң кәрәк Был йөрәгемә? Ниндәй сер һуң, Йүрүҙәнкәй, Тик һиндә генә?.. Ул сер, ахыры, һин ишеткән Тәүге өнөмдә, Һәм кендегем ураҡ менән Киҫелгән көндә. Ул сер, ахыры, тәүге ҡабат Мин ат менгәндә, Ҡыуанып һәм ҡурҡып торған Ғәзиз әсәмдә? Ул сер, ахыры, йүрүҙәнкәй, Йор ағыуында — Тыуған ерҙең йәмен маҡтап Йыр йырлауында? Аҡҡан һайын тәрәнәйеп, Аҡҡан һайын киңәйеп, Ағиҙелде тапҡан һыуҙарың. Һинең һымаҡ тынмай аҡһын, Халҡым йөрәген тапһын Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарым! ҠУСТЫМА (Хат) Иҫеңдәме, Рәүил, һинең менән Йүрүҙәндә бергә йөҙгәндәр — Мин – Салауат, Ә һин Кинйә булып, Уҡтар атып, уйнап йөрөгәндәр? Бер мәл һине сөңгөл ялмап алды, Ҡолас ташлап һыуҙа йөҙгәндә. Мин сәсеңдән һөйрәп сығарғас та Хәтерең ҡалды туған Үҙәнгә... Кил Мәскәүгә һин. Инженер булып, Йүрүҙәндең юлын быуырһың, Быуырһың да, Уның һәр тулҡынын Баҫыуҙарға эшкә ҡыуырһың. Электротрактор һөрһөн сиҙәмдәрҙе, Баштан аша үҫһен игендәр. Эштәреңә ҡарап райондаштар: — Вәт, исмаһам егет! – тиһендәр. ШАҒИР (Туҡай ҡәбере эргәһендә уйланыу) Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы, Туйындырҙы илһам баҡсаһы. Тик бурысын түләргә лә уның Етмәне шул тапҡан аҡсаһы!. Ләкин шағир башын эйәме һуң? Яҙҙы, һыҙҙы, көн-төн эшләне. Күҙ алдары уның томаланһа, Тик иренен генә тешләне. Ҡанһыҙ ине көйгән ирендәре, Хәлһеҙ ине кипкән ҡулдары. Хәйләһеҙ бер сабый һымаҡ уны Йыуатты тик яҙған юлдары... Ул һиҙмәй ҙә ҡалды – йөрәк ҡанын Алтын итеп һыҡҡан эттәрҙе, Өҙгәләне улар ҙур йөрәген уның Һәм ҡәбергә илтеп этәрҙе... Ҡулы бығауланған әсә кеүек, Халҡы ғына ҡалды тилмереп. Халҡы ғына йырын алып сыҡты, Донъя ситлектәрен емереп. Ләкин белмәй шағир: кем һуң уның Сәскәләргә биҙәй ҡәберен. Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!.. ҺЕҢЛЕМӘ Өс имәндең араһында үҫкән Һылыу һынлы ҡайын шикелле, Өс ир бала араһында үҫтең Кинйә бала булып һин, һеңлем. Яу ҡырында атай ятып ҡалды... Ниндәй икәнен дә атайҙың Белмәй үҫтек. Әсәй бөтә көсөн Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы. Һеңлем минең, уңған күбәләгем, Һиндә күрәм әсәй йәшлеген, Ул йәшлекте гөлдәй матур ит һин Илебеҙгә изге эш менән. Кем булырға хыял итәһеңдер, Мәктәбеңде бөткәс, белмәйем. Кешеләрҙең ғүмерен йәшәртеүсе Доктор булыуыңды теләйем. ТЕЛӘК Рафаэлгә Йәш бер әсә һөйөп ҡыуанғандай Яңы тыуған тәүге балаһын, Һин дә шулай һәр шиғырың тыуғас, Иң-иң татлы хистә янаһың. Шундай рәхәт, шундай яҡты һиңә: Бар донъяны килә ҡосаһың, Һәр осраған кеше йән дуҫыңдай, Килә йүгерәһең, осаһың... Ижад итеп йәшәү генә яҡшы! Матурлығы шунда кешенең. Бар йөрәктән мин теләйем: кеше Ҙур шағиры булһын эшенең! * * * Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең, Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең. Ҡарап туймайым ул нурҙарға — Әллә ниндәй ялҡын уларҙа!.. Оҡшамаған ҡара төнгә лә, Оҡшамаған зәңгәр күлгә лә — Һоро күҙҙәр!.. Шундай ябайҙар, Улар шундай наҙлы ҡарайҙар. Йыйған улар ҡояш яҡтыһын, Уйҙарымдың иң-иң татлыһын... Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең, Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең! КҮГӘРСЕНДӘР Ауылымдың тауын менгәс тә үк, Ҡаршы сығып ала мәктәбем. Бәләкәйгән мәктәп... Тик һаман да Баҡсаһында үҫә мәктәре. Шаулай беҙ ултыртҡан тал-тирәктәр... Ҡалай бейек үҫеп киткәндәр! Япраҡтары ялтлай баллы һымаҡ — Күҙ алдыма килә үткәндәр... Гөлдөргөү-гөлдөрөү! Күгәрсендәр Тәҙрә баштарында гөрләйҙәр, Ғүмер итеп, бала сығаралар, — Галстукһыҙ мине белмәйҙәр: Әйтерһең, мин ят бер кеше хәҙер, Әйтерһең, мин ошо мәктәпкә Һәр көн иртән йүгереп килмәгәнмен!.. Әйтерһең дә, минең йөрәккә Сбор костерҙары һалған уттар Күптән инде, күптән һүрелгән... Ә бит бында бөтә киләсәгем Тал тамыры кеүек үрелгән. Күгәрсендәр, таныш күгәрсендәр — Юлдаштары бала сағымдың, Бөгөн мине белмәй торһағыҙ ҙа, Ни тиклем мин һеҙҙе һағындым! * * * Мин үҙемде бала кеүек тоям, Һағынып гел һине уйлаһам. Йөрәгемә серле шатлыҡ тула — Әллә көс ул, әллә ул илһам? Әллә һин тик йәшлек уйҙарымдың Кәрәкһеҙ бер тиле емеше? Әллә мәңге янып ҡала торған Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө? Белмәйем мин: күңелемдә һиңә Әллә дуҫлыҡмылыр, мөхәббәт? Тик һин күҙ алдыма килгән саҡта Миңә яҡты, миңә рәхәт... * * * Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа. Таң көҙгөһө, тиҙәр, Сулпанды. Һылыу һөйөклөһөн уятҡандай, Уяталыр наҙлап ул таңды. Юҡһа, зәңгәр күктәр алһыуланып, Матур булмаҫ ине шул саҡлы. Был сафлыҡ тик сабый күҙендәлер, Тәүге һөйөүҙәлер был сафлыҡ... Миңә рәхәт тә һәм моңһоу ҙа — Бер серле йыр мине иҫертә. Күрмәһәм дә уның йырлаусыһын, Ул уйымдан сыҡмай кис-иртән. Бәлки, шулдыр минең Таңсулпаным? Йырын йырлап, тыуа өмөтөм. Күкрәгемдә кескәй ҡояш яна — Ул яҡтырта, ахыры, ер өҫтөн?! МӘСКӘҮ ӘКИӘТЕ Бер бите ай, бер бите көн Түгел һис һөйгән йәрем. Ете диңгеҙ артындағы Тау түгел килгән ерем. Арҡан ишмәй ҙә төшәмен Ер аҫты донъяһына. Сығыр өсөн инеп ятмам Сәмреғош ояһына. Йылғыр баҫҡыстар йүгерә, Аяғым тейеү менән; Яҡты һарайға инәмен, Алышмай дейеү менән. Кәрәкмәй суртан әмере, Кәрәкмәй тылсым ҡулы, Зәңгәр поезд асып ҡуя Йөҙ ишеген бер юлы. Ултырам да барып етәм, Өҫкә сығып ҡарайым Һөйгән йәрем йәшәй торған Ап-аҡ мәрмәр һарайын. Бер бите ай, бер бите көн Түгел һис һөйгән йәрем, — Ленин тауындағы һарай Һағынып килгән ерем!.. 1955 ШАУЛАЙ ДИҢГЕҘ Шаулай диңгеҙ... Мәңгелектәй сикһеҙ. Мәңге шулай йәйрәп ята ул, Күҙ күреме етер яры ла юҡ, Офоҡтарға барып бата ул. Шаулай диңгеҙ... Диңгеҙ икһеҙ-сикһеҙ! Ғүмеремдә тәү ҡат күрәмен. Мә, ҡос минең ҡара янған тәнде, Һынап ҡара егет йөрәген! Боҙҙай һалҡын, Тоҙҙай әсе тулҡын Күкрәгемә килеп һуғылды, Бер ажғырып, Борҙо үрә ҡарғып, — Ғәйрәтенән йөрәк һығылды... Тик ҡойолдо, Әйткән һымаҡ булды: — Тәүәккәл бул, егет, һин беҙҙә! Диңгеҙ кеүек тәрән, Диңгеҙҙәй киң Йыр йырлағым килде диңгеҙҙә. Шундай мауыҡтырғыс Шауы уның! Бер аҙ ҡурҡыныс та иң тәүҙә. Тик шатлыҡлы еңеү ҡурҡынысты, Йәшәү мәғәнәһе бит – еңеүҙә! МӘСКӘҮЛЕ ҺЫБАЙ Сабып ингән дә ул боронғонан, Сапсындырып баҡыр толпарын, Ҡарап тора Юрий Долгорукий Күккә ашҡан Мәскәү йорттарын Өҫтөнә ул тимер кейем кейгән Һәм башына кейгән торҡаһын. Ялбыр ялы ярһыу толпарының Дауыл ҡуптарыр, тип ҡурҡаһың. Тик ҡурҡыуын бушҡа. Һыбайлының Ил ҡылысы ята ҡынында; Тыныс илгә ҡылыс инһә генә — Йыуылыр ул дошман ҡанында... Һул ҡулында теҙген. Ә уң ҡулы Күрһәтә тик Мәскәү нигеҙен: Әйтерһең дә, ул быуаттар аша Киләсәктең күрә тиңһеҙен... Сабып ингән дә ул боронғонан, Сапсындырып баҡыр толпарын, Ҡарап тора ғорур ҡараш менән Күккә ашҡан Мәскәү йорттарын. Мәскәү ЮҒАЛҒАН ЭҘҘӘР Ниндәй көлкө хәҙер – хәтерләһәм Балалыҡты, ғәмһеҙ ул саҡты! Уйнай инек атай-әсәй булып, Бала итеп йәнһеҙ ҡурсаҡты! Бер ни белмәй тормош тураһында, Гөрләштек беҙ көндәр буйына. Уйнап туйрас, ҡайсаҡ йоҡламаныҡ Әкиәтле төндәр буйына. Иртән тағы ҡояш көлдө беҙгә, Иркәләндек наҙлы нурҙарҙан. Йылы ямғыр үткәс, ялан аяҡ Йүгерештек батҡаҡ юлдарҙан. Кескәй генә эҙҙәр ҡалды арттан, Ә һуңынан – улар юғалды... Мин ат эсергәндә, һыуға төшһәң, Ниңәлер һин ҡастың, оялдың... Ниндәй еңел булған ул саҡ миңә Һинең менән бергә булыуы! Тормош хәҙер үҙе килеп баҫҡас, Юғалттым мин һине, һылыуым!.. * * * Хыялымда яңғыҙ елҡән булып, Сайҡалаһың йылдар буйына. Йә һис юғалмайһың үҙең унан, Йә бирмәйһең тынғы уйыма. Әллә һин аҙашып индең уға, Әллә индең мәңге ҡалырға? Ниңә шулай онотмайым һине? Ниңә шулай һаман янырға? Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу. Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау, Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу... БАРҺЫҢ!.. Ҡайҙалыр һин, бына минең кеүек, Хыялланып ҡайтып киләһең. Күрәм һине, күрәм күңелем менән: Йә йырлайһың, йә һин көләһең. Ғәжәп бер моң һинең тауышында, Ә күҙеңдән ялҡын һирпелә!.. Белһәмсе мин ни килгәнен хәҙер Татлы уйҙарыңдың иркенә. Әллә йәшәлмәгән көндәребеҙ Күҙ алдыңдан һинең уҙамы? Әллә тәүге малайыбыҙ беҙҙең Кескәй ҡулын һиңә һуҙамы? һуҙһын әйҙә, һуҙһын кескәй ҡулын, Ул миңә лә һуҙған береһен. Ул һиңә лә әле башланмаған Уртаҡ бәхет булып йөрөһөн!.. Тик белмәйем, ҡасан ҡауышырбыҙ? Бәлки, һин бөтөнләй юҡтырһың? Ә мин бик ышанам барлығыңа... Барһың! Аҡыллыһың! Матурһың! * * * Иҫеңдәлер ул көн: Мин киттем. Хушлашҡанда һурып Бер үптем. Моңһоу күҙҙәреңдән Йәш сыҡты — Сафлығылай таңғы Ысыҡтың. Йөрәгемә минең Ул тамды. Тамған ерен уның Ут алды. Беҙ күрешмәй оҙаҡ Йөрөһәк тә Һаман яныр ул ут Йөрәктә. ҺУҠЫР (Берәүҙең яҙмышынан) Килмәнеңме? Килмә! Инде көтмәм. Бер ҡасан да инде кетмәмен. Бынан һуң да Мине һөйөрһөң тип, Бер ҡасан да өмөт итмәмен. Тик мин һиңә Артыҡ ышанғайным, Артыҡ һөйгәнгәлер, ахыры... Көттөм һинең: «Нихәл?» – тиереңде, Ләкин «Һуҡырайған, бахырың...» Тигән һүҙҙе генә Көтмәгәйнем... Юғалтыуы ауыр күҙемде. Ә шулай ҙа Мең ҡат ауырыраҡ Ишетеүе шундай һүҙеңде. Һүҙҙәр генә бәйләнеме беҙҙе? Һүҙҙәр генә ҡиммәт инеме? Бәхет йондоҙо бит инең миңә!.. Шулай уҡ ул тиҙ үк һүндеме?.. Шулай уҡ мин Ҡурҡынысмы бөгөн? Түбәнлекме бер ҡат күрешеү? Бит йәшәүҙән Мин һис туҡтаманым — Мин һаман да ғорур бер кеше! Мин ышанам: Мине ҡотҡарырҙар, Мин күрермен-тағы ҡояшты, Зәңгәр күкте, Балаларҙың күҙен, Үләндәрҙе, Һыуҙы һәм ташты!.. Тик мин, иркәм, Һине ҡыҙғанамын — Күңел күҙе һүнгән кешене. Кем ҡул һуҙыр һиңә? Кем ҡотҡарыр Тома һуҡыр һинең ишене?! * * * Күрмәһәм дә һине күпме йылдар, Әле һаман һаҡлай йөрәгем, Ләкин мин бит йәшлек хыялында Иң ҡәҙерлең булып йөрөмәнем, — Мин генә тик алыҫ балалыҡтан Әллә ниңә һине һағынам, Гүйә, һаман да һин, әбәк әйтеп, Әйҙәйһең гел тыуған яғыма!.. * * * Тормошоңдоң ҡыйын көндәрендә, Ҡайғыларың баштан ашҡанда, Иә йоҡоһоҙ үткән төндәреңдә, Йә шатлығың һинең ташҡанда — Бөтә хистәреңде бүлешерлек Юлдаш булһын ине йырҙарым. Улар минең зиһенем ғазаптары, Улар минең күңел нурҙарым!.. * * * Ҡыш селләһе тәҙрәләргә Сихри сәскәләр һона. Ә уларға, күбәләктәй, Аҡ ҡар бөртөгө ҡуна. Ләкин һалҡын был сәскәләр, Улар бәҫкә күмелгән. һоҡланһам да мин уларға, Ниҙер етмәй күңелгә. Һин ултыртҡан гөл генә тик Уны йылытып тора. Ул ғына тик йылмайып гел Сәскә атып ултыра... АҠ ТӨН Гранит ярға баҫып ҡарап торам Нева йылғаһының аҡҡанын, Аҡ күгәрсен булып ап-аҡ төндөң Тулҡындарға ҡанат ҡаҡҡанын. Тыныс ҡына йоҡлай аҡ бәллеүҙә Һыбай-һәйкәлдәргә бай ҡала. Һөйләп уның сыҙам батырлығын, Йоҡламай тик Нева, сайҡала. Утлы ҡоршау менән ҡамап алып, Аслыҡ быуған саҡта ҡаланы, Сасҡау һыуыҡтарҙа икмәк һорап, Күҙ йәштәре туңды баланың... Бар ил торҙо ҡотҡарырға уны Туғыҙ йөҙ көн күргән ыҙанан. Йәшәү юлын һалып килде еңеү Ладоганың ҡыҙыл боҙонан. Был яуҙа ла башҡорт ҡаһармандың Иле өсөн ҡойған ҡаны бар. Шәһит кеүек батыр ирҙәренең Быуаттарға ҡалған даны бар. Шуғалыр ҙа, бәлки, был төн миңә Артыҡ күркәм булып күренде. Мин бит бына Нева ярында ла Килеп таптым тыуған еремде. ҠЫШ ӘКИӘТЕ Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй Мин шыуған һайын. Ә саңғыһыҙ шыуа күктән Нур ҡойған айым. Әкиәттәге кеүек урман!.. Күгелйем төҫлө. Ҡарға сумған ҡарағайҙар Шундай хуш еҫле! Гүйә, күктән ҡайындарға Яуған йондоҙҙар — Ем-ем килеп емелдәшә Елбәҙәк ҡарҙар. Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай, Алдымдан елә. Ҡыуып етеп, көрткә үҙен Күмәһем килә. Алһыу алма һымаҡ янған Уның биттәре, Бәҫ һырыған сәс толомон, Күҙ керпектәрен... Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән Ҡыуам да ҡыуам. Юҡ, мин һине тапмайынса һис тә туҡтамам!.. Тик һин төштә булһа ла күр Янғыҙ әҙемде, «Яратам», тип ҡарға яҙған Ҡайнар һүҙемде!.. ҠАЙТЫУ Төнгә ҡалып баҫыу юлынан мин Ашығамын тыуған ауылға. Таш яуһа ла өҫкә, туҡтайһым юҡ, Ҡарайһым юҡ елгә, дауылға. Ләкин тынлыҡ. Тиҡ бер ай урағы Еткән бойҙай менән серләшә. Йондоҙ һымаҡ башаҡтарҙы үҙе Комбайндан, ахыры, көнләшә. Эйелешеп тора тос башаҡтар Быйыл күтәрелгән сиҙәмдә. Үҙҙәренән яңы һауған һөттөң Хуш еҫтәре аңҡый тирәмдә. Ауыҙ итәм ыуып туҡ бойҙайҙы, — Нәҡ күгәрсен күҙе – бөртөгө! Маһайышып торған һымаҡ миңә Алтын мыйыҡтарҙың һәр төгө. Күр һин, егет, яҡташтарың һинең Бына ҡалай беҙҙе үҫтерә! Ә һин бушҡа ашамайһың микән, Әллә ҡайҙа ғүмер өҫтөрәп? Юҡ, тип әйтәм, мин выжданым менән, Был ер мине эштә үҫтерҙе. Йөрәгемдә бына йыр килтерәм, Зая үткәрмәйем ғүмерҙе!.. 1956 ТАШ СӘСКӘ (Баллада) Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар: Әкиәттә түгел – тормошта. Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп, Ышанмайһың уға тәү башта. Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың, Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып, Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты. Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк, Ем-ем нурын һирпә тажынан. Ышанмайым уны таш тигәнгә, Яһалһа ла Урал ташынан! Кем үҫтергән һине шулай итеп? Был ергә һуң һине кем сәскән? Ҡайҙа тамырың? – тип һорағас мин, Телгә килде аҫыл Таш сәскә: — Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем, Үҫтерҙе, – ти, – тыуған тупрағым. Ил бәхете – күркәмлегем минең, Ил йәшлеге – йәшел япрағым. Шуға ла мин бөгөн ил түрендә Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым; Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың! * * * Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә, Сисеп кенә өлгөр йомағын! Береһен сисһәң, инде икенсеһен Әҙерләп тә ҡуя ул тағын. Мең-мең һорауҙарҙан ғазапланып, Ниҙәр генә килмәй уйыңа. Шикләнәһең, ҡайҙа дөрөҫлөк, тип, Эҙләнәһең ғүмер буйына. Ә бит бер генә юл дөрөҫлөккә: Ул да булһа – юлда булыуың, Ҡайҙа халҡың – шунда алдан барыу, Артҡа ҡалыу – юҡҡа сығыуың. ТЫУҒАН ЕР ҺӘМ ҺӨЙГӘН ЙӘР Минең илһамым шишмәһе — Тыуған еремдә, Минең илһамым шишмәһе – Һөйгән йәремдә. Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ — Телһеҙ, мин етем. Тыуған ерем, һөйгән йәрем, Тик һеҙ – бәхетем. Ауыр саҡта – йөрәгемдә Ер көсөн тоям, Йә йәремдең күкрәгенә Башымды ҡуям. Мөхәббәтем һәм нәфрәтем Һаҡланып ҡала, Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтар Тапалып ҡала. Эшләргә лә, йәшәргә лә Хаҡым бар минең — Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй Халҡым бар минең! КҮРКӘМЛЕК Ағас күрке – япраҡ, тиҙәр. Дөрөҫ! Мин килешәм быға һис һүҙһеҙ. Тик кешенең, күрке сепрәк булһа, Был күркәмлек, ай-һай, күңелһеҙ... Ә шулай ҙа ҡай берәүҙәр һине Кейемеңә ҡарап күрәләр, Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар, Һөйләшәләр, аҡыл бирәләр. Мин ҡыҙғанам шундай әҙәмдәрҙе, Мин һыҙланам шулар өсөн дә: Их, был кейем, тимен, ниндәй күркәм, Тик кешеһе етмәй эсендә!.. ДАН ҺИҢӘ, ДАН, БАШҠОРТОСТАН! (Ҡотлау йыры) Күк Уралдың иркен күкрәгендә Азат шоңҡар ғорур осҡанын Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Ир намыҫы менән еңеп сыҡтың Һин яуҙарҙа илдең дошманын. Йырлайым мин батыр ир намыҫын: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Егет ҡулы тейһә, ер майы ла Ете ҡаттан ата фонтанын. Ҡотлайым мин халҡым егетлеген: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең, Ҡулдарында булһа оҫтаның. Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды: Дан һиңә, дан, Башҡортостаным! Батыр түгел батыр яңғыҙ саҡта, Ҙур дуҫлыҡта уның көс-даны. Данлайым мин тоғро дуҫтарыңды: Дая һиңә, дан, Башҡортостаным! ДУҪЛЫҠ Бармай торор тауға тик тау ғына, — Барышмайса тормай кешеләр. Ҡытай стенаһын емереп тә Күрештеләр бөйөк күршеләр. Айырмайса ике ҙур ҡитғаны, Ҡауыштырып ике араны, Сал Уралым Тибет ҡорҙашына Бер туғаны итеп ҡараны. Бер кем танымаған саҡта таный Бер-береһен дуҫтың ҙурҙары, Ауырлыҡта дуҫтар һыналалар, Уртаҡлашып икмәк-тоҙҙарын. Ишеткәндә Ҡытай йырҙарын беҙ Килеп күрешкәндәй үҙегеҙ: Һеҙҙең еңеү – беҙҙең еңеүебеҙ, Беҙҙең һүҙ ул – һеҙҙең һүҙегеҙ. Һеҙҙе беҙгә бер тыу беректерҙе Ирек өсөн изге көрәштә. Бөйөк маҡсат өсөн генә тыуа Бөйөк дуҫлыҡ шулай һәр эштә. Юҡ арала Ҡытай стенаһы, Бар арала Уралтау ғына. Тик унда ла ирек һөйгән халҡым Ғорур баҫҡан дуҫлыҡ һағына. ҠУРҒАШ ШИШМӘ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бергә эшләгән иптәштәргә арнайым Иҙрәп йоҡлай ҡала — Гүйә, бала! Ә ҡыйғас ай Өфөм өҫтөнән, Ҡанаттары талған балыҡ һымаҡ, Салҡан ятып, Сәйер төҫ менән Ҡарай миңә... Ҡапыл саф һауаға Баш әйләнеп китте, — Арытҡан... Урман тынған. Аяҡ аҫты туңған, Йоҡа ғына күкһел ҡар ятҡан. Тик тынмайса, Һис тә туңмайса — Теләһә көн әллә нишләһен! — Китмәй ялға, Аға ла гел аға, Сылтыр-сылтыр Ҡурғаш шишмәһе. Беҙҙең шишмә!.. Күңел әллә нишләй, — Ил яҙмышы бында йыйыла. Ил яҙмышы күҙ нурҙарым аша Ҡурғаш хәрефтәргә ҡойола... Сеү! Ни булды? Йондоҙ атылды. Юҡ! Йондоҙ түгел, — Йәйеп ҡоласын, Беҙ сығарған яңы газетаны Алып китте көмөш ыласын. Алып китте халҡым күңеленә Илкәйемдең аҡыл, йөрәген. Ҡайтам! Таң да ата, Ай ҙа бата... Тиккә арытмаған, күрәһең... 1957 ТУҒАН ТЕЛ И туған тел, и матур тел, атам-әсәмдең теле!.. Туҡай Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да – йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел — Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел!.. Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, — Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә – сәсән теле, — Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ! ЯЛАН СӘСКӘЛӘРЕ Мин яратам ҡала сәскәләрен, Яратҡандай бала күҙҙәрен, — Баҡсасылар, сабый һымаҡ итеп, Наҙлап үҫтерә бит үҙҙәрен! Иртән тороп эшкә ашыҡҡанда, Арып ҡайтҡан саҡта кистәрен, Сәскәләргә ҡарап ҡыуанам мин — Сәскә атҡан төҫлө хистәрем! Тик ҡайғырһам ғына мин уларҙың Тоя тороп хуш еҫ сәскәнен, Әллә ниңә ҡапыл һағынып китәм Ябай ғына ялан сәскәһен. Әллә ямғыр менән йыуынып гел, Һөртөнгәнгә улар ел менән, Әллә инде мин үҙем дә шулай Тиң үҫкәнгә әрһеҙ гөл менән, – Әсе тирем тамған сәскәләрҙе Мин нығыраҡ һөйәм шикелле. Донъялағы бөтә гөлдәрҙән дә Шул сәскәләр миңә һөйкөмлө! ТӘҮГЕ СӘСКӘ Ярмаланған еүеш ҡар еҫтәрен — Ярһып килгән яҙҙың һулышын Бөрөләр ҙә тоя, Бәрәләр ҙә саф һут йыя, Һоро тамсы һымаҡ тулышып. Ҡояш Нур ҡулдары менән Ерҙең Бөркәнсеген аса өҫтөнән. Ҡояш Торған һайын яғымлыраҡ Һәм йылыраҡ шат бер төҫ менән Һөйөп ҡарай ергә... Ә ер уға Йәшлегенең тәүге сәскәһен Бүләк итер тиҙҙән!.. Донъя ғәжәп! — Тыуыр баламдың бит әсәһен Мин дә шулай һөйәм... Һәм һаҡ ҡына Изге йөрәк аҫтына Ҡулым менән тейеп ҡуямын: Йөрәк аҫтында бер кескәй генә Йөрәк типкәнлеген тоямын!.. КҮСТӘНӘС Оло байрамдыр ул алыҫ ерҙә Ауылыңдан алыу күстәнәс, Һәм, етмәһә, әсәң үҙе яҙып, Ҡош телендәй хат та өҫтәгәс. Астым күстәнәсте – ни генә юҡ: Ҡаҙ, бауырһаҡ, йүкә балдары!.. Тик күгәрсен һөтөн генә тапмай Бала өсөн әсә ҡулдары! Бына бит ул бейәләй ҙә һалған Йәш бәрәндең мамыҡ йөнөнән. Май төрөлгән «район гәзите»нең Һәр бер хәрефенә һөйөнәм! Кескәй генә ошо бер ҡумтаға Һыйған һымаҡ бөтә Уралым. Гүйә, шул мәл елдәй арғымаҡта Тыуған ергә етеп ураным... Әйҙә, дуҫтар, ауыҙ итәйек бер Минең әсәй ҡойған ҡаҡтарҙы! Уның ҡулы йыйып алып килгән Еҫен-тәмен тыуған яҡтарҙың... * * * Әйҙә, күбәләк булып ос, Нескә ҡанатлы күңел, — Сәскәләрҙең хуш еҫенә, Яҙҙың шауына күмел! Әйҙә, һабан турғайылай, Күккә күтәрел, күңел, — Зәңгәр бейеклектән ергә Көмөш моң булып түгел! Әйҙә, ысыҡ тамсыһылай, Сафлыҡ менән тул, күңел, — Тул һин ҡояш нуры менән, Яҡтырып кит, бул еңел! ЕР МЕНӘН КҮК Әле бала сағымда Зәңгәр күк ҡосағында Ел ҡосорға, Ҡоштай осорға Ҡанатландым, Күккә талпындым. Көнләштереп күптәрҙе, Күрҙем иркен күктәрҙе, Тик күктәрҙә Мәңгелектә Мин ҡалманым, Йәмен тапманым. Ерҙең бөтә шатлығын, Ерҙең бөтә ваҡлығын Бик һағынып, Ҡанат ҡағынып, Ергә ҡайттым — Ерҙе яраттым!.. * * * Баҡсаларҙа яңғыҙ йөрөйөм дә Төшөп китәм Иҙел буйына. Иркенлеге уның, тыныслығы Ял булғандай була уйыма. Юҡһа һинһеҙ шаулы урамдарҙа Йәме бөткән кеүек Өфөмдөң. Күрмәһендәр, тимен, дуҫ-иштәрем Бойоҡлоғон, ғәмен төҫөмдөң. Ә Иҙелдә – унда әллә нисек — Яңғыҙлыҡ та күркәм тойола. Шат тауыштар, ҡыҙҙар көлөшөүе Матур бер моң булып ҡойола. Ҡыҙҙар, тигәс, һин шикләнеп ҡуйма, Ул уйҙан мин инде төңөлгән. Күпме ҡыҙҙар бында һыу инәләр, Береһе-бер иммәй күңелгә. Тик һин генә, шул Ағиҙел кеүек, Күңел ярҙарымдан аҡҡан һыу. Алыҫ тулҡындарың ҡаҡҡан һайын, Ауыр миңә яңғыҙ, яманһыу... * * * Надяға Ауыр булыр һиңә минең менән Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе, – Юлымда бар тау-таш, боролмалар, Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе... Ауыр булыр һиңә минең менән, Зарланырһың бөтмәҫ эшемдән. Яратмай тип, бәлки, шикләнерһең Ғүмергә дуҫ, яҡын кешеңдән. Ауыр булыр һиңә минең менән... Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ: Һинең менән мин сабый ҙа булам Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ... ЯҢЫ ЙЫЛ ЙЫРЫ Яңы яуған ҡарға баҫып Тағы яңы йыл килә! Сыҡһам уны ҡаршыларға — Иә моңаям, йә көләм. Ябалаҡлап яуа ҡарҙар, Битемә ҡунып ирей. Иҫке йылдан яңы йылға Улар ҙа күсеп йөрөй!.. Әллә нисек сәйер миңә Үткәндәрҙе оҙатыу. Мөмкинме һуң был ғүмерҙе Тик бер аҙға оҙайтыу?.. Ябалаҡлап яуа ҡарҙар, Үтте тағы бер йылым. Эшләнмәгән күпме эш бар, Ә ҡыҫҡа ғүмер юлым. Ҡар һырыған аҡ ботаҡтар, Әйтерһең, сабый ҡулы! Юҡ, моңайма, шатлан, тиеп Ҡул һуҙа һымаҡ улым... * * * Һин күрмәҫһең, иркәм, Бер ҡасан да Ҡайғырғанда минең йәшемде. Мин ҡайғымды Тештәремә ҡыҫып, Дауам иттерермен эшемде. Бына шул мәлдә һин һүҙһеҙ генә Аңлап ал да күҙҙән күңелемде, Наҙлы ҡулың менән Был ҡайғымды Күкрәгеңә ҡыҫ һин үҙеңдең. Башҡа миңә Бер ни ҡәрәк түгел, Ауыр саҡта миңә шул етә. Һәм, минеңсә, Тик шул биҙәй һине, Тик шул ғына ирҙе ир итә. СЫЙЫРСЫҠ Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ! Ояңдан осоп сыҡ! Оҡшаһа был өйөң, Түгелһен моң-көйөң!.. Ҡошсоғом сыҡты ла, Ҡанатын ҡаҡты ла, Һоҡланды ояға, Таң ҡалды донъяға. Йәм-йәшел болонда Бер ғәмһеҙ ҡолондай, Ул кешнәп ебәрҙе, — Кәйефен күтәрҙе. Инә ҡаҙ артынан Сылбырҙай тартылған Бәпкәләр шикелле, Субырҙай күңелле. Ул һайрай мең телдә, Булғанға күп илдә. Дәртләнә, һөйөнә Ҡайтҡанға өйөнә!.. ҠОЛОНСАҠ Сабып килә ҡолоном, Текә һуғып тояғын. Томбойоҡтай еҙ шөңгөрө Йәмгә күмә ян-яғын. Янып торған сылт ҡара ул, Ял-ҡойроғо ялтырай. Күгәүендәр ҡунған булһа, Түшкенәһе ҡалтырай. Һай, ҡарасман, ҡалай һомғол, Юртҡан була бит әле! Ауыҙлыҡлап атланырмын, Арҡаң нығып ет әле! Аҫау булып ажғырырһың, Сапсынырһың, ҡолоном. Йырлап ҡына эсерермен, Ашап туйғас һолоно. Күкрәк ҡағып юрғаларһың, Ялың һыйпап һөйөрмөн. Ҡарасманым, ҡолонсағым, Бала сағым, тиермен. ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ Юлдар буйлап, уйҙар уйлап, Алыҫ китеп барғанда, Көтмәгәндә осраштыҡ беҙ, Йылдар уҙғас, бер танда. Күрешмәнек, һөйләшмәнек — Поезд ҡуҙғалып китте. Тик йөрәккә яҡын тауыш Утлы ҡуҙ һалып китте!.. Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ Тауышың ғына ҡалды. Ғүмергә мин онотмамын, Һағынырмын был таңды. Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм, Хуш бул, минең бәхетем, Хуш, хыялым, хуш, өмөтөм, Хуш, тәүге мөхәббәтем!.. * * * Үҙ-үҙеңде алдама һин Ғашиҡмын тип ул ҡыҙға. Үрелһәң дә, буйың етмәҫ Күктә янған йондоҙға. Һүҙ тейҙермә бер егеттең Ғүмерлек һөйгәненә, – Яратылырға хаҡлы тик Ярата белгән генә. 1958 УРАЛ ЙӨРӘГЕ (Хикәйәт) Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан – тыуған илкәйем. Шул йөрәктең ҡан тамыры булып Күкһелләнә Ағиҙелкәйем. Шул йөрәктең ауыр моң-зарҙарын Ҡойған саҡта еңел ҡурайы, Яу юлдары буйлап мин халҡымдың Үткәндәрен ҡайтып урайым. Уралҡайым, һинең һәр ташыңа Ҡанлы-данлы тарих яҙылған. Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған!.. Ҡәберҙәрҙә үҫкән аҡ ҡылғандар Сал сәсеме әллә уларҙың? Еңел ҡурай түккән ауыр моңдар Ҡан-йәшеме әллә уларҙың? Ирек һөйгән өсөн бығауланып Ҡарт Уралдың ҡая ташына, Ни генә һуң кисермәгән халҡым, Ни үтмәгән уның башынан! Тырнаҡтарын ҡаҙап күкрәгенә, Ике башлы йыртҡыс ҡарағош Быуат-быуат йөрәк ҡанын эскәс, Нисек ҡойолмаһын зар-һағыш? Нисек онотһон ул ил-ояның Туҙҙырылып утта янғанын, Ҡыҙған тимер менән Салауаттың Маңлайына һуҡҡан тамғаны?.. Урман-һыуын, ерен тартып алып Ҡан-йәш һеңгән аяҡ аҫтынан, Аҡ батшалар ҡара ҡулдар менәк Муйынынан уның аҫтылар! Аҫтылар ҙа, мыҫҡыл итеп уны, Үлем юрап көлдө юраусы: Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!.. Юҡ, үлмәне халҡым! Ҡотҡарырға, Ҡайтарырға ирек, ырыҫын, Килде уға бер мәл Ленин атлы Мәңге көткән батыр бер дуҫы. Килде лә ул, ҡылыс бирҙе уға: — Азат бул, тип, Урал тотҡоно! Ҡарағоштоң ҡара ҡанатына Сөйҙө үҙе ирек осҡонон. Утлы дауыл ҡубып шул осҡондан, Күтәрелде Шәһит, Баһауҙар, — Мәңгелеккә өҙөп ырғытылды Ҡул-аяҡтан ҡанлы бығауҙар!.. Үткәндәрен ауыр бер моң итеп Көйләгәндә еңел ҡурайы, Шат йәшлеген күреп, мин халҡымдың Сал тарихын ҡайтып урайым. Монарланып ятҡан Урал тауҡай, Дан күкрәтеп күккә ашҡанһың. Алҡаланып аҡҡан Ағиҙелкәй, Ҡайғы-шатлыҡ менән ташҡанһың. Ҡаны менән яҙып данын халҡым, Ҙур йөрәген илткән иреккә, Шуға ла бит Ленин һыны уға Ырыҫ-бәхет булып ереккән. Йөрәгем, тим, изге төйәгемде, — Хаҡ яҙмышым шунда ташланған, Шунда минең бәхет таңым атҡан, Шунда миңә Ватан башланған! ТОРНАЛАР Һауалайҙар көҙгө сыуаҡ күктә Торройҡ-торройҡ килеп торналар. Әйтерһең дә, сафҡа теҙелешеп, Еҙ моңдарын ҡоя торбалар. Оҙаҡ-оҙаҡ ошо алыҫ ауаз Сыңрап тора, күктә һарлығып. Һағышлы бер хыял донъяһында Онотаһың ерҙең барлығын. Яландарҙың йәме бөткән кеүек, Ташлап киткәс юлсы ҡоштары. Ә бит тағы ҡыуандырыр бер көн Шул уҡ моңдар, үткәс ҡыштары! * * * Шундай һалҡын, шундай сит ай Үгәйһетеп ҡарай был ергә. Мин оҙатам һине һуңғы ҡабат, Һуңғы ҡабат икәү беҙ бергә. Һөйөү үтте. Бөтәһе лә бөттө. Әйтәһе һүҙ инде әйтелде. Тик шәүләбеҙ килә артыбыҙҙан, Ташҡа әйләндереп күңелде. Алда – баҡса. Бына өй алдығыҙ, Бына мин ултыртҡан һыуһарҙар... Аҡ сәскәләр түгел, сәнескеләр Ни булғанын һинән һорарҙар. Ә мин китәм!.. Туҡта, ни булды һуң? — Гүйә, аяҡ ергә бәйләнде, Гүйә, нурға сумды бөтә донъя, Бөтә донъя йырға әйләнде! — Шундай наҙлы, шундай моңло итеп Һайрай ине таныш һандуғас. Мәңге йәшәр иҫке ҡафиә кеүек, Тағы ҡайтты һөйөү, таң тыуғас... ҺУҢҒЫ ЯПРАҠ Һуңғы япраҡ һыйғыр һабағынан Өҙөлөп төштө йәш ҡар өҫтөнә. Йәшеллеге үтеп, унда бары Тороп ҡалған һары төҫ кенә, Өҙөлөп төшкәс йәш ҡар өҫтөнә. Килер бер көн: һинең ғүмерең дә Тороп ҡалыр һуңғы япраҡҡа. Һин дә аҙаҡ, ошо япраҡ һымаҡ, Әйләнерһең ергә – тупраҡҡа, Тороп ҡалғас һуңғы япраҡҡа. Шул тупраҡтан тағы үҫеп сығыр Мәңге йәшел тормош ағасы: Шаулар япраҡ, һайрар һандуғасы!.. Кем һуң әйтер мине йәшәмәй тип, Ышандырыр ниндәй ялғансы?.. * * * Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап, Ташҡа ырып яҙған китабым. Белмәйем дә, уның өсөнсөһөн Яҙырмынмы икән мин тағын?.. Быныһына ярты ғүмер китте, Китте йәшлек, китте бар хисем. Китте генәме һуң? Бер сабыйҙың Һәләк иттем ғүмерен йыр өсөн. Етмәһә, һин уны Лилиәмә, Һанға һуҡмай хисен, атаның, Ят бер исем бирҙең. Иҫтәлеген «Таш сәскә» тип шуға атаным... * * * Бына тағы көндө һәләк иттем, Һиҙмәй ҡалдым бушҡа үткәнен. Бәлки, шулай йәшәп, тоймаҫһың да Ғүмереңдең үтеп киткәнен. Туҡта, ваҡыт! Юҡ, туҡтамай ваҡыт, Тик бер һин тораһың туҡталып. Ә ул, һинең һәр көнөңдө урлап, Оса алға, оса уҡталып... Тик эшеңә бәйләп кенә уны Туҡтатырға мөмкин бер аҙға. Ул эшеңде генә алып китә Киләсәккә – матур бер яҙға... 1960 БУРАНДА Ел – арыҫлан, сал ялдарын сайҡап, Ҡотороноп өҫкә ташлана. Тын быуыла, алға барып булмай, Кем кемде, тип, алыш башлана. Ул, ажғырып, боҙло теше менән Боғаҙыңа килеп йәбешә. Асырғанып, тибеп осорғас та, Салҡан барып ергә ул төшә. Аҡ юл һыҙып ҡара төн эсендә, Атылаһың тағы саңғыңда. Бит был төндә берәү ҡыл өҫтөндә — Йондоҙо бул ҡәрәк сағында!.. Ҡайҙалыр бит – сүлдә, тайгаларҙа Башҡалар ҙа шулай алыша, Шулай яулай йәшлек киләсәкте, Киләсәкте шулай һалыша!.. * * * Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәккә Берәй бөртөк туҙан-саң төшһә, Ул ҡунған саң – һинең ышанмауың, Күңелеңә килгән шик-шөбһә... Ниндәй ауыр уның бөртөгө лә Саф, сәләмәт, баҙыҡ сәскәгә. Әгәр уны һыпырып ташламаһам, Мин әйләнер инем хәстәгә. Юҡ, мин саф күңелем сәскәһенә Үрмәләтмәм ҡара йыланды. Һөйәм һине. Ләкин нығыраҡ һөйәм Мин Кешене, ерҙе, Йыһанды. * * * Бөрөләрҙе йыуып, ямғыр яуа, Тәүге генә ямғыр икән ул. Бөрөләрҙе йыуып шифалы һыу «Һә» тигәнсә япраҡ итә шул, Япраҡтарҙы яҙҙар көтә шул. Ә мин шаян, Йәш бер бөрө һымаҡ, Ялан баштан тороп тамсыла Көтөп торам: Ҡасан мин бөрөнө, Япраҡ итеп, тормош ҡамсылар, Йәм бирһен тип тирәк-халҡыма! * * * Шиғырым, һин әрем тәме әйткән, Көйөп бешкән арыш икмәге. Мамыҡтай аҡ, Йомшаҡ ҡалас һымаҡ, Юҡ шәрбәтең һинең, Юҡ мәгең!.. Үҙем кеүек, көл-күмергә буяп, Аунатҡан бит ауыл мейесе... Ниңә һуң мин яҙам әле һине, Кем өсөн һуң? Әйтсе, ни өсөн? Белмәйем дә ҡайсаҡ, Ләкин яҙам. Яҙам һине, үҙең яҙылғас. Ауырлы мин көн-төн һинең менән: Еңелерәк миңә һин тыуғас... * * * Тал-сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды, Күҙҙәреңдең моңһоу ялҡынын — Нисек күрмәҫкә һуң, күҙем булып? Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым! Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым, Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем. Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем, – Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем. Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ, Ситтән генә һине күҙәтеп: Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу, Эйелеүең сәскә өҙәм тип!.. Һин үҙең дә умырзая мәллә — Умырзая тулы аҡланда? Ҡағылырға хатта ҡулым бармай, Кит, күңелем, кит һин, һоҡлан да!.. УТ ХАҠЫНДА ЙЫР Ниндәй ҡәҙерле һуң был ут миңә! Тағы шәмде һелкеп ҡарайым. Дым сайпылған ошо шәм янғанда, Ҡояшым бар минең, бар айым!.. Сайпылыуы әле һәлмәк кенә — Тимәк, мин йәшәйем, мин тере! Был сайпылыу еңеләйгән һайын Арта бара уның ҡәҙере... Яҙам-яҙам!.. Хыялланам һаман, Янам-янам бергә шәм менән. Көндөҙ атта эйәр ҡырған тәнде Яҙылдырам ошо йәм менән. Тик боҙмаһын һис кем был шатлыҡты, Йырҙарымды сайып түкмәһен, Ут тирәләй йөрөгән күбәләгем — Илһам ҡошом осоп китмәһен! Йөрәгемде, утлы йөрәгемде Һурып алһам бына күкрәктән, Бөтә донъя балҡып китер ине Тик ут йыйған минең йөрәктән!.. 1960 * * * ...Ләкин минең, яңғыҙ ҡалғанда ла, – Онотһа ла мине дуҫтарым, Ташлап киткәндә лә мөхәббәтем, Һүнгәндә лә яҡҡан уттарым, — Бер ҡасан да әле был донъяла Өмөт өҙөп иң ҙур хаҡлыҡтан, Өмөт өҙөп иң ҙур ғәҙеллектән, Һәм баҫылып төрлө ваҡлыҡтан, — Яңғыҙ ҡалғаным юҡ! Минең менән Бергә булды һәр саҡ киләсәк, Бергә булды һәр саҡ ышанысым — Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәк! ТИМЕР ЮЛ Еләм, еләм! Илгә ҡайтып киләм, Тәҙрәләрҙән күҙ ҙә алмайым. Туған тауҙар менән күрешмәйсә, Һөйләшмәйсә түҙә алмайым, – Һыуға төшмәй, йөҙә алмайым. Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр, Тып-тып тибә ярһып йөрәгем: Бер ҡыҙ ҡарап ҡалды; яра һалды Йөрәгемә кәйлә-көрәге... Нимәгә һуң бының кәрәге? Тимер юлдар буйлап күпме үтһәм, Шул юлдарҙың ташын, ҡомдарын Һаман аҡтара бит ошо ҡыҙҙар, Ҡулдарына тотоп ломдарын... Һыҙламаймы икән ҡулдары? Айға ҡул һуҙабыҙ! Ә ерҙәге Бына шул эштәргә кешенең Ниңә әле һаман ҡулы етмәй? Был эш хәҙер ҡыҙҙар эшеме? Һорауымдан күңел өшөнө... Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр, Тып-тып тибә ярһып йөрәгем. Шәлкем сәскә сөйөп ҡалды ул ҡыҙ, Һөйгәне лә юҡтыр, күрәһең, — Суйын иҙеп үтте бүләген!.. Бәлки, шулай ғәзиз һөйөүен дә Туп иҙгәндер һуғыш ҡырында? Ҡулын болғай-болғай көлгән булды, Үкһеп-үкһеп илар урында. Ҡалһын был ҡыҙ минең йырымда. Күпме улар илдә! Йәрһеҙ ҡалып, Йәшлектәре янды ҡуҙ булып! Булмағанға һөйөр егеттәре, Күҙ йәштәре тамды тоҙ булып... Ниңә тыуған улар ҡыҙ булып? Күп күрерһең әле һин уларҙы, Ҡыш – фермала, йәйен – йәйләүҙә... — Ҡайҙа атайың? – тип балаһынан Һорай күрмә, белмәй иң тәүҙә, Һүҙ алтыны – уйлап һөйләүҙә. Ҡуҙғатма һин әсә йәрәхәтен, Болартма һин бала йөрәген!.. Һуғыш үткән, һуғыш күптән бөткән, Тик эҙҙәрен һаман күрәһең, — Күмә алмай кәйлә-көрәгең!.. Ҡаршы килгән һылыу ҡайындарҙы Юҡ, был юлы, гүйә, күрмәнем: Ҡайҙа ғына булма, илгә ҡайтҡас, Юлдарыңдың ошо бер мәлен Онотма, тип тибә йөрәгем... Онотмайыҡ илдең күргәнен! * * * Көмөш елдәр ҡайындарҙың Тарай алтын толомон. Шуға ла мин бурандарҙың Берәҙәк бер ҡоломон. Улар менән бергә тыуҙым, Бергә, ахыры, үлермен. Юҡ был уйҙы баштан ҡыуҙым — Йәшел тәңкә үрермен... Әллә яңғыҙ ҡайындарҙың Елдән тыуған улымын. Ни булһа ла булған, Мин уларҙың Мәңге ғашиҡ ҡоломон!.. ЙЫРҘАРЫМА ҠАЙТАМ Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам! Ҡалып тор һин, гүзәл баш ҡалам. Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә, Һин шауларһың минән башҡа ла! Ә мин? Юҡ, башҡаса булмай! Мин тупраҡтан, ерҙән яралған, ерҙә тыуып үҫеп, ерҙә аунап, ерҙән йыйып йәнем йыр алған! Бөркөт – күктә, суртан һыуҙа тере, Ир ҙә тере, илгә ҡушылһа... Нимә өсөн йәшәй ерҙә кеше, йөҙмәҫ балыҡ, осмаҫ ҡош булһа? Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк, Үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң? Ҡайғың да бит бәхет, ваҡ бәхетте — бәдбәхетте алып ырғытһаң!.. Ил бәхете менән бәхетле бул, Ил ҡайғыһы менән – ҡайғылы. Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине Шул ҡайғынан һиңә айырылыу... * * * Әгәр миңә ышанаһың икән, Бер ҡасан да минең турала Теләһә ниндәй үткенсенән һорап, Яҙмышымды хата юрама. Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким, Бер ҡасан да ғорур иркемде Йәберһетер өсөн башҡаларҙан Ҡулдарына бирмәм бер кемдең! Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан. Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө. Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа, Бөтәһенән элек, мин – Кеше! Бөтә әҙәм минән боролһа ла, Танымайса ғорур хисемде, Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем, Байраҡ итеп ошо исемде... * * * Әллә ҡалай балҡып китте донъя, Йәйғор менән тулды йөрәгем. Күңелемде көн-төн баҫып торған Болоттарҙы ҡыуып ебәрҙем... Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек, Тирә-яғым иркен йәшеллек. Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм, Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек. Был шатлыҡты үҙем берәйһенә Әйтергә лә хатта оялам. Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла Ысын бәхет икән донъяла! ЕР ШАУЫ Ебәрҙем дә атты күк үләнгә, Еләк тирәм үҙем сүгәләп. Тирә-яғым тулы гөл-сәскәләр, Тирә-яғым тулы күбәләк. Сиңерткәләр, һанһыҙ сиңерткәләр, Сың-сың килә күҙгә күренмәй. Бер өҙлөкһөҙ салғыларын янып, Нисек улар шулай иренмәй? Нисек арымай һуң бал ҡорттары Сәскәләргә ҡунып көн буйы? Улар йыйған һары балды эсеп, Шаулар икән көҙөн кем туйы? Башың сайҡай-сайҡай моңланырға, Ҡайынҡайым, һиңә ни булды? Әллә берәй елғыуарға тарып, Өмөттәрең микән алданды?.. Мең-мең һорау биреп, һәр үләндең, Һәр бер йәйҙең хәлен һорашам, Һәр сәскәгә туҡтап сәләм бирәм, Һәр бер ҡошто ҡылам тамаша... Бер ҡат ғашиҡ булған моң-йырҙарға Ҡат-ҡат ғашиҡ булған шикелле, Тыуған ерҙең мәңге шауын тыңлау, Күпме тыңлаһаң да, күңелле... Ә туратым аңлай белә мине, Хужаһының боҙмай бойороғон, — Үлән утлап һаман йөрөй бирә, Һелтәй-һелтәй көлтә ҡойроғон. БЫНА МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕР БЫЛ... Бына минең тыуған ер был — Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән... Тыуып үҫкән, һыуып эскән Ерем минең! Һине күреүҙән — Күм-күк үләнеңә ятып, Туйғансы бер килә илағым. Ҡая таштарыңа менеп, Бер ҡысҡырып килә йырлағым. Бына был тышаулы аттың Һалдырып та алып тышауын, Һыбай ярып үткем килә Ҡайындарҙың йәшел ҡоршауын. Ҡайтмай оҙаҡ йөрөгәнгә, Ботаҡтары биткә һыҙырһын, һыҙырһын да, йәш япраҡтай, Был донъяға яңынан тыуҙырһын!.. ШОФЕР (Юл йыры) Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар, Һеҙ шаһиты ауыр хеҙмәттең: Күпме юлдар беҙҙе ҡыуандырҙы, Күпме юлдар беҙҙе йөҙәтте. Килә шофер, елә шофер!.. Руле төшмәй ҡулдарҙан. Үтә ғүмер, оса ғүмер Илкәй буйлап юлдарҙа. Киләсәкте – гөлсәсәкте — Ташый алыҫ йылдарҙан. Күҙең йоҡлай, үҙең генә уяу: Һәр тауышҡа һиҙгер ҡолағың. Аяҡ-ҡулың һанап бара юлдың Һәр бер ташын, һәр бер юлағын. Килә шофер, елә шофер!.. Төш ҡүрәһең: шаян малайыңдың Һин һыйпайһың, имеш, башынан. Күҙҙе асһаң – ҡулда рулең генә... Тертләп китәң һуйырташынан. Килә шофер, елә шофер!.. Эй, һеҙ, юлдар, икһеҙ-сикһеҙ юлдар, Илтмәйһегеҙ ҡайҙан ҡайҙарға! Беҙҙең үткән юлды бергә йыйһаң, Беҙ еткәнбеҙ күптән айҙарға! Килә шофер, елә шофер!.. Руле төшмәй ҡулдарҙан. Үтә ғүмер, оса ғүмер Илкәй буйлап юлдарҙа. Киләсәкте – гөлсәсәкте — Ташый алыҫ йылдарҙан. * * * Шул тиклем дә һөйә алыр икән Кеше шулай башҡа кешене... Һине уйлап инде нисәнсе йыл Берсә яндым, берсә өшөнөм. Еңел саҡта онотормон һине, Ауыр саҡта үкереп иларға Мин ҡайтырмын бары һиңә генә, Һиңә генә – түгел уларға... Һеңлем булһаң да, һин әсәм булып Йыуат мине шундай саҡтарҙа, Арала һин изге ҡулың менән Ҡара сәстәремде аҡтарҙан... ХАЗИНА Геолог ҡыҙ, көн дә кискә ҡалып, Палаткаңа арып ҡайтҡанда, Рюкзагыңда ниндәй таштар улар, Ауыр түгелме һуң арҡанда? Көн оҙоно тау-таш айҡап шулай, Сүкеш менән ни һуң ҡаҙынаң? Йөрәгемә баҡһаң, сүкешһеҙ ҙә, Табыр инең берәй хазина!.. * * * Ниндәй бай был кеше эсенән, Донъя тере уның хисенән!.. Ниндәй матурлыҡ бар донъяла, Бөтәһе лә уға һыя ала!.. Ярлы, тимә уны һин, наҙан, Кешене тик тәүге һынауҙан. Йәшәй икән кеше донъяла, Ғүмер буйы кеше һынала!.. Тик мөһим бик тәүге эше лә... Яңылышмаҫ өсөн кешелә. Ә ҡалған бар бөтә һынауға Ышанып бар бергә һин яуға... * * * Ниңә шулай бер юҡ ҡына нәмә Бөйөк шатлыҡ бирә күңелгә? Ниңә шулай кеше йөрәгенә Бөтмәҫ һағыш, моңдар күмелгән? Ҡайһы саҡта ҡурҡып уянам да, Үҙ-үҙемде аңлай алмайым: Кем мин? Нисек? Ни өсөн мин? – Һорауҙарҙан һыҙлай маңлайым. Төпһөҙ упҡындарға осам төштә, Бер таш кеүек осам, биллаһи! Әллә мин уйҙарым менән ахмаҡ, Ахмаҡлыҡтан әллә мин даһи?.. * * * Бушҡа йөрөп ҡайттым, тип Буш кеше менән Юлға сыҡҡаның өсөн Үкенмә бер ҙә. Үҙең буш булмаһаң бит Юлың буш булмаҫ. Һис булмаһа бушлыҡ хаҡында Бер йөк фекер тейәп ҡайтырһың. Бер михнәттең, тиҙәр, Бар бер хикмәте... Юлда бул әйҙә... 1961 КЕШЕ Кеше Кешеләргә кәрәк булһын, Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын. Эшләгәндә, Янып эшләһен дә Ял иткәндә, Көлһөн, Йырлаһын! Һыҡранмаһын Тормошонан кеше, Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны. Ҡыуанһын ул, Яҡты эҙен күреп Аҡыллы һәм оҫта ҡулының. Хыялланһын, Янһын, Ҡанатланһын, Тынғы белмәй алға ынтылһын. һөйһөн, Көйһөн, Күркәм булһын кеше, Халыҡ ғәме менән ул тулһын! Үҙ ҡайғыһын Кескәй ҡайғы итеп, Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен. Шундай бай, бәхетле итеп күрәм Киләсәктең Матур кешеһен! * * * Китһә лә атам, Ҡалдырған Ватан. Шул Ватан тиеп Башымды ватам. Уттарҙа янам, Һыуҙарҙа батам. Эштәрен уйлап, Йоҡоһоҙ ятам. Бар байлығым һин, И, ғәзиз Ватан. Шул байлыҡ өсөн Ҙур рәхмәт, атам!.. ТӨШТӘР Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл Атай өйҙән сығып киткәнгә. Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә... Тик әсәйем һаман төштә күрә Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. — Ҡайтҡан, имеш, – тиеп һөйләй-һөйләй, Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы. Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап, Төшөн һөйләй тағы – бер үк төш: — Хәс элекке төҫө... Кейеме лә Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш... Изге төштәр!.. Һис бер юрау яһап Табалмайһың һин был төштәргә. Тик, теш ҡыҫып, тағы тотонаһың Атайҙарҙан ҡалған эштәргә... Нисәмә йыл инде, нисәмә йыл! — Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән... Инде беҙ кермәһәк ине шулай Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә! * * * Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә Яҙ яҙа шиғырҙарын. Ел ҡәләме елеп йөрөй, Һирпеп ҡояш нурҙарын. Яҙ шиғырын илһамланып, Уҡый ҡоштар, йылғалар. Хатта, иреп, тау-таштар ҙа Күҙ йәше ағыҙалар!.. Яҙ – йырсы ул, яҙ – рәссам ул, Төрлө моң, өн, буяу ул. Яҙ йоҡламай, ижад итә, Һин дә, шағир, уяу бул! * * * Йәшәү балҡый, Йәшәү күкрәй Кескәй бөртөгөндә бойҙайҙың. Ул шыттымы, Нур йоттомо — Ерҙә тағы ғүмер оҙайҙы. Алтындарҙан, Атомдарҙан Көслөрәк ул кескәй бер бөртөк. Атайҙарҙы, Әсәйҙәрҙе Һөйөндөргән һәр бер төк... МАТУРЛЫҠ Үтер йылдар, Үтер күп быуаттар Һәм асылыр яңы донъялар. Беҙҙең тормош, Беҙҙең әкиәттәр Тарих биттәренә оялар. Был тарихты уҡып, киләсәктә Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?.. Ә кем белә, Бәлки, беҙгә кире Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр? һағынмаһалар ҙа, Һоҡланырҙар: — Ниндәй көс, тип, ниндәй батырлыҡ! Шул батырлыҡ — Беҙҙең матурлыҡ та, Ә бит ҡабатланмай матурлыҡ! * * * Бала булып булмай, тик бала саҡ – Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил, Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып, Мәңге сафлап, наҙлап торған ел. Һин донъяны яҡын күргең килһә, Бала күҙе менән баҡ уға: Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп, Иҫең китерлек бит донъяға! Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ тиеп, һаман Болоттарға һуҙһам ҡулымды. Ҡояш! Әй һин, балалыҡ ҡояшым, Ғүмер буйы яҡтырт юлымды! БУРАҘНАЛАР Зәңгәр бураҙналар һалып, Елдәр һабан һөрә диңгеҙҙә. Зәңгәр бураҙналар буйлап, Аҡсарлаҡтар оса, ем эҙләп. Диңгеҙ түгел, әйтерһең дә, Күҙ алдымда иген тулҡына. Ҡояш сыҡҡас, алтын төҫлө Тос башағын эйеп, ул тына. Эйе, башаҡ еҫен тоям! Ураҡ ура, гүйә, караптар, Елкән күрһәм, ҡыр юлынан Сабып килгән кеүек пар аттар. Тыуып үҫкән еребеҙҙе Килтермәһәк шулай диңгеҙгә, Күҙ талдырғыс киңлек кенә Булыр инең, диңгеҙ, һин беҙгә!.. ДИҢГЕҘ ҺӘМ САБЫЙ Төҫө ҡасҡан. Һары буръяҡ баҫҡан. Ни булған һуң бөгөн диңгеҙгә? Ел дә юҡ бит, ә ул ҡоторона! Ҡоторона шулай елһеҙ ҙә... Ситлектәге ас арыҫлан һымаҡ, Дулап йөрөй, һыймай ярына. Сал ялдарын сайҡап, асыу менән Ҡорбанынмы көтөп ярһына? Бер сабыйға әллә асыу итеп, Йоторғамы уны самалай?.. Ярҙа уға бер ҙә иҫе китмәй, Таш ырғытып йөрөй бер малай!.. ТӨШКӨГӘ ҠАЙТҠАНДА Тамамланды ярты эш көнө. Шундай асыҡтым!.. Ашап килергә тип төшкөнө, Ҡайтырға сыҡтым. Һауа – шундай яҡшы! Яуа – яҙ ҡояшы! Тышҡа сыҡһаң, Күҙҙең яуын ала, Өйгә инһәң, күҙең тышта ҡала... Сут-сут һайрап тамсы тама, Һәр тамсыла ҡояш яна! Сылтыр-сылтыр көлә ҡар һыуы. Сеү, уяна йөрәк ярһыуы!.. Күгәрсендәр... Хатта улар ҙа Яҙ иркенә буйһоналар. Ни өсөндөр Ҡарлы һыуҙарҙа Дулап-дулап ҡойоналар. Һалҡын ҡар-бурандар Аяҡтарын Ҡыҙартҡан да ҡыштың буйына, Яҙып-йыйып улар ҡанаттарын Хәҙер шулай яҙға ҡойона... Хатта бөтә халыҡ алдында Үбешәләр, яҙып аҡылдан!.. Юлдан тейәп кирбес, шофер елә, шофер ашыға. Тик был хәлде күргәс, көлә-көлә туҡтай ҡаршыға. Булһа ла бик ҡабалан уның эштәре, Китмәй тора ул һаман, балҡып тештәре... Белмәһәм дә уның исемен, Белеп торам уның хисен мин: Уртаҡ – хисебеҙ, Уртаҡ – көсөбөҙ. Ул, һин, мин – өсөбөҙ Ошо яҙ өсөн беҙ!.. Ниндәй матур килә яҙ! Килһен шулай гел аяҙ! Эшлә, кешем! Һөй! Көй! Йыр яҙ! Моң-һағыш та булһын бер аҙ... Әммә ҡанға ҡойонмаһын өсөн Был кешелек вәхши яуҙарҙа, ҡойон, әйҙә, ҡойон, күгәрсен, Дулап-дулап яҙғы һыуҙарҙа!.. Тамамланды ярты эш көнө, Мин ашарға ҡайтам төшкөнө. ӨНДӘШМӘҮ Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ?.. Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем, Тик көтөргә булам аҙыраҡ. Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә, Тик атымды ғына ҡыуамын. Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла Мин ниңәлер ҡайтам ҡыуанып... Ә һин өндәшмәйһең – байлығың шул, Шунда һинең бөтә ныҡлығың... Мин бөгөндән һиңә ҡайтмаҫ инем, Үкендерер иртән юҡлығың... Һөйәм бит мин! Һөйәм сабыр, ауыр Һөйөү менән, өҙмәй өмөттө, – Һүҙе лә бар миндә һандуғастың, Күҙе лә бар миндә бөркөттөң. ҒӘЛӘМДЕ ЕҢГӘН ЕР УЛЫНА Һинең хаҡта иң-иң көслө һүҙҙе әйткем килә... Булмай! Юҡ һүҙем. Батырлығың — иң ҙур матурлыҡ ул, иң көслө йыр — бөгөн Һин – үҙең!.. ҺУЙЫР Һунарсы дуҫым Әғзәм Омаровҡа Уйнап ҡына атҡан инем, Уғым тейҙе һуйырға. Уғым тейҙе һуйырға ла, Уны ҡайҙа ҡуйырға? Уйлап-уйлап ултырҙым да, Булдым уны һуйырға. Тик янына «мәйен» ҡуймай, Күңеллеме һуйырға? Ишенә ҡуш ҡуйған инем, Бик килеште һуйырға: Ҡанатланып осоп китте, Әйләнде лә ул йырға... * * * Муйылдар, муйылдар, муйылдар, Муйыл йылы булып, ул йылдар Йөрәгемә минең уйылған — Күмгәйнем мин һине муйылға... Әле һаман аға ул йылға, Тик муйылдар инде ҡойолған. Йәшлек үтмәҫ булып тойолған... Нисә йылдар үтте ул йылға... Күңелем юҡ һинән туйынған, Тик ашманы уйым бойомға... * * * Кис булдымы, тауыш баҫылдымы, Мин кемделер көтәм. Был нимә? Кемдер килеп ишек шаҡыр кеүек, Килеп инер кеүек бүлмәмә. Ләкин бер кем дә юҡ. Ишегемде Бер кем килеп, бер кем ҡаҡманы. Әллә инде килеп кире китте, Мөхәббәтем мине тапманы. Йылмайманы упҡын күҙе менән, Ишетмәнем һөйәм тиеүен. Үҙең эҙләп тапмаһаң һин, ахыры, Көтөп кенә килмәй һөйөүең?.. * * * Оҙаҡ тыңлап торҙом сыйырсыҡты, Таңға ҡалып сәсән теленә. Күпме ҡоштоң серле телен белеп, Ҡайтып килгән тыуған иленә!.. Мәңге йәшел урмандарҙың өнөн, Моң-өндәрен сахра, күлдәрҙең – Һәммәһен дә белә! Ишетмәйһең Ниндәй генә сәйер өндәрҙе!.. Әкәмәт, әй! Артист! Виртуоз бер! Саҡ ҡылдары китмәй өҙөлөп... Ләкин ҡайҙа икән үҙ моңдары, Бармы икән уның үҙ теле? Һис тә аңламаҫһың: әллә урман, Әллә дала, әллә тау ҡошо?.. Була шундай оҫта шағир ҙа бит, Етмәй уға тик үҙ тауышы!.. ҠАУЫШЫУ Боҙло төндәй мәмерйәнән сыҡтым, Күҙ сағылды сағыу ҡояшҡа. Йәш япраҡтың йәшкелт томанында Ер менән күк килеп тоташҡан. Ҡая таштай ҡатып, ҡарап торам Тауға менеп килгән ҡайынға. Шул аҡ ҡайын үҫкән ҡыразда бит Еләк йыйған эҙең ҡайылған. Эҙҙәреңде юллап килеп сыҡтым Балалығың ҡалған ереңә. Үҙең булмаһаң да, бынау ҡайын Үҙең ҡайтҡан төҫлө күренә... Бәй, ни булды? Әллә күҙем алдай? Юҡ, алдамай – үҙең күрендең! Әллә, килгәнемде тойоп, минән Көнләнеңме тыуған ереңде? Йәнгә яҡын был ер, йәннәт бит бер — Әллә һинән, әллә ҡояштан? Ниндәй иҫерткес был йәшел томан, Ер менән күк килеп ҡауышҡан!.. * * * Күҙ алдымда һин булмаған, Һинең хаҡта уйламаған Көнөм, төнөм бар микән? Бар икән шул, бар, иркәм. Ул да булһа, бер табышып, Йылдар буйы бер ҡауышып, Бергә булған көн икән, Бергә булған төн икән... * * * Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү, Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс: Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй, Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс. Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм, Ай ҙа булыр һиңә бүләгем?.. Теләйһеңме, тик һин телә генә, Ҡабул булыр һәр бер теләгең. Һин теләһәң, мин бөтәһен дә Тәүәккәлләй алам юлымда. Мин сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә, Йондоҙ яна минең ҡулымда! ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ҮТКӘС... Егерме йыл үткән. Егерме йыл! — Атай өйҙән сығып киткәнгә. Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә. Тик әсәйем һаман төштә күрә Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. — Ҡайтҡан, имеш, – тиеп, Һөйләй-һөйләй, Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы. Бына бөгөн дә ул, Сәйен яһап, Төшөн һөйләй тағы... Бер үк төш! — Хас элекке төҫө, Кейеме лә Үҙгәрмәгән, имеш, Шул килеш... Тере микән әллә, Йөрөй микән Сит илдәрҙә генә тилмереп? Әллә инде уйлап ҡуя микән: «Булһа ине, тиеп, бер күреп?..» Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап Табалмайһың һин был төштәргә, Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың Атайҙарҙан ҡалған эштәргә. Егерме йыл үткән... Егерме йыл — Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән... Инде беҙ кермәһәк ине тағы Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә! БАЙРАҠ Быяла аҫтында бер байраҡ ята Сит-ситтәре бөткән тетелеп. Дәһшәт менән ҡарай йылдар аша, Ҡында ятҡан ҡылыс шикелле. Наҙлы бәрхәт һымаҡ ғәмһеҙ түгел, Шундай уяу, шундай теремек, Ул – яранан сыҡҡан ҡандай ҡайнар, Унда – төҫө ялҡын теленең! Ильич телмәрендәй ыҡсым үҙе, Ильич телмәрендәй ялҡынлы, Уның һүҙе кеүек ябай, ғәҙел, Уның үҙе кеүек яғымлы. КАВКАЗ Тотырбәк Джатиевҡа Тау кешеһе кеүек ғорур Кавказ Аҡ башлығым кейгән башыма, Ниҙелер ул хәтерләгән һымаҡ Баҫып тора диңгеҙ ташына. Диңгеҙ уның йәш кәләше, гүйә, — Муйынына килеп һарылған. Ахыры, ул яуҙан ҡайтҡан ирен Шундай һөйә, шундай һағынған?.. Ниндәй пар килгәндәр! Бирһен, әйҙә, Шат ғүмерҙең оҙон, тынысын. Ҡыяҡ гөлдәр булып үҫһен, Кавказ, Билдән һалған хәнйәр-ҡылысың! КӨТӘМ ҺИНЕ Юрай-юрай, Юлдарыңа ҡарай, Көтәм һине, көтәм, кил иркәм! Көтә-көтә, Сабырлығым бөтә. Ниңә, ниңә килмәйһең икән? Килһәң әгәр, Ебәр берәй хәбәр, Ярты юлдан ҡаршы төшәрмен. Һылыуҡайым, Һәр аҙымың һайын Юлдарыңа йондоҙ түшәрмен. Килмәй ҡалһаң, Мине утҡа һалһаң, Күпме йырым ҡала йырланмай. Кил күҙ нурым, Кил һин, яҡты йырым, Ҡояшһыҙ бит ай ҙа нурланмай. 1962 АҠСАРЛАҠТАР Ағиҙелдәр аға, аға Ниңә тулмаған икән? Ҡоштарҙа – ҡул, беҙҙә ҡанат Ниңә булмаған икән? Башҡорт халыҡ йыры 1 Аҡсарлаҡтар, аҡсарлаҡтар!.. Осаһығыҙ ҡыйылып. Саҡ торам мин, һоҡланыуҙан Ҡысҡырмайса тыйылып. Бит әҙернә-йәйә һымаҡ Аҡбуҙ ҡанаттарығыҙ, Суҡышығыҙ – тоҫҡалған уҡ, Мәргән – ҡараштарығыҙ. Атылғанда тулҡындарға Йәйәгеҙ менән бергә, – Һоҡланмайса һеҙгә ҡарап, Ҡалай итеп түҙергә? Тиккәме һуң күрке итеп, Һеҙҙе һайлаған диңгеҙ? Беҙ, һеҙҙә – ҡул, беҙҙә ҡанат Ниңә булмаған, тибеҙ... 2 Тик мин һеҙҙе башҡасараҡ Күрҙем бөгөн томанда. Күҙ алдымдан был тамаша Китмәй әле һаман да. Утрауҙа ултырып, һеҙ Ниҙер бүлә инегеҙ, Тамағығыҙ ҡарлыҡҡансы Ҡый-сый килә инегеҙ. Ни булған, тип, һеҙгә былай, Ҡарап торҙом аптырап. Ҡапыл шул саҡ бер суҡышта Сабаҡ китте ялтырып. Шул сабаҡҡа көллөгөҙ ҙә Ябырылды һөрәнләп. Талаштығыҙ, яҫҡыштығыҙ Һәр берегеҙ берәмләп... 3 Ел бауырлап осҡан ҡоштар, Ниндәй меҫкен инегеҙ! Күркегеҙҙән утрауҙа Туҙып ҡалды йөнөгөҙ. Бер тәғәм шул сабаҡ өсөн Төштөгөҙ ҡапыл күҙҙән. Талашырға тамаҡ өсөн — Балыҡмы юҡ диңгеҙҙә?! Нишләргә һуң? Аҡсарлаҡ та Оҡшап ҡалһа ҡарғаға, — Беҙ, кешеләр, күнеккәнбеҙ Тик йылмайып ҡарарға... АУЫЛДАШТАР Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында: Яңы урам, яңы буралар. Яңы йәштәр яңы йырҙар йырлай, Яңысараҡ тормош ҡоралар, Яңысараҡ сәсә, уралар... Беҙ тапаған баҫыу ҡапҡаһынан Машинала эшкә китәләр, Мотоцикл менән һыу ташыйҙар, Хатта көтөүен дә көтәләр, — Дыу килтереп донъя көтәләр!.. Монтер, радист – минең иҫке дуҫтар, Бар иҫкене вата, һүтәләр, Мин киткәндә тыумай ҡалған ҡыҙҙар Кис сәхнәлә хайран итәләр, Миңә ҡырын ҡарап үтәләр!.. «Урыҫ кәләш» алған күршем Заһир, Ә Фәрзәнә сыҡҡан ҡырғыҙға. Был ни? Әсәйем дә китап уҡый — Күҙлек кейеп, сумған «Ырғыҙ»ға, Оҡшап тора үҙе бер ҡыҙға! Гүйә, ярты ҡалаҡ онға бутап, Бешермәгән ауылым балтырған, Гүйә, ҡайғы, аслыҡ, күҙ йәш күрмәй, Ғүмер баҡый шулай бай торған!.. (Миңә генә танһыҡ балтырған.) Шатлыҡлы ла һәм моңһоу ҙа бер аҙ Был яңылыҡ иҫке урында. Иҫкесә тик таң уята әтәс. Тик көн төнәй шәфәҡ нурында, Ай тирбәлә былбыл йырында. Иҫкесә тик сиңерткәләр генә Бәхеттәрен сүкей үләндә. Юҡ булдыҡ, тип алдай бытбылдыҡтар, Үлән утлап аттар йөрөгәндә, Төнгө ҡыңғырауҙар көлгәндә... Иҫкесә тик таңын кәкүк саҡыра, Кемдәргәлер һанап ғүмерҙе... Кәкүк, кәкүк, аһ, һин ҡыҫҡа иттең Ғүмеркәйен яуҙа күп ирҙең — Ҡайтып күрмәҫ улар был ерҙе!.. Илгә ҡайтып һәйбәт иткәнһең, тип, Ҡайтыуымды хуплай бабайҙар. Тик, ниңәлер, йәштәр генә миңә Бер шикләнеү менән ҡарайҙар, Ҡырыҫыраҡ хатта малайҙар. Имеш, ялға ғына ҡайтҡанмын да Китәсәкмен тиҙҙән ҡалаға. Юҡ, дуҫтарым, мин бит шул уҡ һаман, Һаман миндә шул уҡ ҡан аға, Шул уҡ күҙем баға донъяға... Минең һис тә иҫке таҫыллығым, Йәшлек дәртем әле һүнмәне. Ос һәнәген ҡулға үҙем тотоп, Ырғытырмын тотош һүләне. (Һүлә, тиҙәр беҙҙә күбәне.) Мин һынатмам, тик һеҙ һынатмағыҙ, Ә шикләнеү минән – урынһыҙ: Мин – һеҙҙеке, сөнки һеҙ – минеке, Һағыныуым, күңел нурым һеҙ, Йырланасаҡ матур йырым һеҙ!.. * * * Күпме генә йәшәй ерҙә кеше? Күҙ аса ла бары күҙ йома! Шул күҙ асып йомған арала ла Күпме кәртә ятҡан юлына: Әле аслыҡ, әле һуғыштары, Әле бола, әле ялғаны, Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары — Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!.. Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен, Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?.. Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!.. * * * Көтмәгәндә мин дошманың булдым: Дөрөҫлөктө әйттем һиңә... Бына инде, юлда осраның да Ҡул да бирмәй киттең миңә. Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем, Сәләмемде алмаһаң да. Күҙҙәреңә тура ҡараным мин, Тура ҡарай алмаһаң да... Йәнәһе һис мине күрмәйһең дә: Ситкә ҡарап күҙ аттың һин. Меҫкен кеше, меҫкен. Бының менән Тик үҙеңде юғалттың һин! * * * Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын! Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым. Һағынып килдем һине күрергә, Һорап хәлкәйеңде белергә. Туң да икән әле тупрағың, Шауламай ҙа икән япрағың. Яңы ғына аҡ ҡар асылғас, Һының әле һинең яланғас... Икенсе бер һиңә килгәндә, Һинең менән уйнап көлгәндә, Умырзая беҙҙән көнләшер, Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер. Тик ҡағылмам умырзаяға, Былай ҙа бит ғүмере – заяға!.. Ана, инде көн дә байыны, Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным! ТУБЫРСЫҠ Улым Азаматҡа Уйнайһың һин уйынсығың менән, Уйынсығың, улым, тубырсыҡ. Уйнатҡаның ни ул – белмәйһең дә, Булһын ғына һиңә уйынсыҡ!.. Йоҡлайһың да тағы уйнайһың һин, Бар тормошоң әле уйында. Ғүмер бирҙек һиңә, кем булырһың? Ошо һорау сыҡмай уйымдан. Күпме көстө һалыр кәрәк әле, Һиңә кеше булыр өсөн дә. Киләсәктә шаулар ҡарағай бит Ята шул тубырсыҡ эсендә!.. * * * Ҡыңғырауҙар, көмөш ҡыңғырауҙар Ҡыңғырайҙар айлы тынлыҡта. Ярышып шул тай-тулаҡтар менән, Һандуғастар шаша таллыҡта. Ышанмаҫлыҡ һүҙҙәр һөйләйем мин, Ысын булһалар ҙа һүҙҙәрем. Хәс тә үҙ-үҙеңде тыңлағандай, Уйсанланып китә күҙҙәрең. Ышанырға хатта ҡурҡһаң да, Ышанаһың, ерҙә яҙ булғас: Муйыл шундай ташып сәскә атҡан, Шундай шашып һайрай һандуғас!.. МЫЛТЫҠ ҺӘМ ҺАНДУҒАС Ахмаҡ уйҙар килә башҡа: Ниңә әле мин тере? Сыуалсыҡ бер йомғаҡ һымаҡ Кешенең был ғүмере... Нисек итеп һүтергә һуң Был сыуалған йомғаҡты? Ниңә үтмәй тиҙерәк төн, Был таң ҡайҙа олаҡты? Мылтыҡ тора баш осомда, Ниңә бөтмәй, тип, төнөң? Ә бит бөтә бөтәһе лә — Тарт ҡына бер тәтене... Тик һалҡын ҡан менән хәҙер Ҡарайым был ҡоралға, — Йөрәк инде һандуғастың Йыры менән сорналған!.. Һайрай ҙа һуң яңғыратып Бар Йүрүҙән төбәген: — Былай ҙа, – ти, – ғүмер ҡыҫҡа: Нәҡ шул мылтыҡ көбәге. Сыҡ яныма, сыҡ яныма, Ятма тынсыу ояла — Минең өсөн генә лә бит Йәшәрлек был донъяла!.. СУРТАН ЯЗАҺЫ Һиҙиәт ағай ир ине, Үҙе бригадир ине; Тауыштары көр ине, Беҙҙең яҡта бер ине; Ағай-эне, тир ине, Ярар, ҡустым, тир ине; Кеткелдәп көлөр ине — Ҡорһаҡ һелкенер ине... Менгән аты кир түгел, Бер ерән ҡашҡа ине. Үҙе лә ул кире түгел, «Үҙенә башҡа» ине; Сусҡалары үлеп ятһа, Себен үлә, тир ине; Ҡуяндарға ҡарашы ла Торғаны бер сер ине. Юҡһа, ҡуян ҡараған дуҫ Ни һатып эсер ине?.. Һай, ир ине, ир ине, Сая бригадир ине, Кәбеҫтәне кәзәнән Һаҡлатыр бер ир ине! Шулай ғүмер һөрә торғас, Етте көндөң башҡаһы — Ағыуланған ашлыҡ ашап, Үлеп ҡуйҙы ҡашҡаһы; Үлгәс үлгән ҡашҡаһы, Мал табылыр – баш ҡалһын, Бәләкәй эш ҡашҡаһы, Бында ҡыҙыҡ башҡаһы: Йәне бар, тип үлгән атын, Ҡайырылған уң ҡанатын, Акт төҙөп «һуйҙылар»... Үҙен, бывалый һалдат, тип, Аҡса ашап өйҙә ят, тип Пожаркаға ҡуйҙылар. Пожаркала ята торғас, Тәмәкене тарта торғас, Кереп китте дәрт уға: Хәҙер минең эш май, тиеп, Янғыны ла сыҡмай, тиеп Көнө-төнө кәрт һуға!.. Көнө-төнө малайҙар Пожарканан ҡайтмайҙар. Был һиҙиәт пан, малай, Ауыҙында бал да май, Егеп сыҡһа, аты бар, Эсе бошһа, «ярты» бар... Ни кәрәк һуң суртанға, Батырһаң уны һыуға?.. ШИҒРИ ХАТА Агроном Фәриҙәгә Аҡ ҡайындың сытыр ботағына Ниндәйҙер ҡош оя ҡорғандыр, Ниндәйҙер ҡош оя ҡорғандыр ҙа Йылдар буйы оя торғандыр... Ҡап-ҡара ер уртаһында шулай Иҫән тороп ҡалған аҡ ҡайын. Ер һөрөүсе уны имгәтмәгән, Рәнйетмәгән моңһоу дуҫҡайын. Ел-дауыл да, изге шәфҡәт һаҡлап, Ҡул һуҙмаған яңғыҙ ояға. Тәбиғәт һәм шиғри йөрәк уны Ҡалдырған был яҡты донъяға. Әй, билдәһеҙ кешем, ер боҙһаң да, Ер биҙәге – һинең күңелең. Бындай ғына шиғри яңылышыуҙы Ғәфү итер ғалим һеңелем... САРСАУ Кеше күпте, бик-бик күпте теләй! Бик аҙы ла етә үҙенә... Тик мин, йөрәгеңдән башҡа һинең, Ынтылмаһам ғәләм йөҙөнә. Һөйөрһөңмө мине?.. Аҙ, аҙ миңә Ирендәрең, һомғол буй-һының. Етмәй миңә күңелеңде яулау — Донъя ятһын миңә буйһоноп!.. Бар тәбиғәт миңә башын эйһен, һөйһөн мине, үҙен һөйгәндәй. Ҡул болғаһын ерем, кире ҡайт, тип, Ай мөгөҙө мине һөҙгәндә... Танһыҡтарым ҡанмаҫ бер йән миндә, Һәм тынғыһыҙ, ҡомһоҙ зиһенем. Саңғы шыуып йөрөгәндә – айҙа! Бер үбәһем килә мин һине!.. АТЫМ Юлдан ситкә ҡайырғайны Атҡайым башын, Атың йүнһеҙ ат икән, ти Миңә юлдашым... Йүнһеҙ, имеш! Ни белә ул Атым хаҡында? Ат йөрөткән белә атты: Артыҡ алтындан! Ни бар икән аттан яҡшы Үҙ юлын белгән? — Аҡыллымдың ни бары тик Әсәһе килгән! БОЛОТТАР Ағыла, ағыла, ағыла Болоттар, болоттар тағы ла. Ҡайҙарға, ҡайҙарға болоттар Ағылып, йығылып бер туҡтар? Һарыла болоттар тауҙарға, Ел тауға уларҙы ауҙарған. Йәм-йәшел тараҡлы ҡарағай. Әйтерһең, тауҙарҙа сәс тарай. Таралған болоттар сәсенән Ваҡ ямғыр тамсыһы сәселә. Уйҙан уй тыуғандай, тағы ла Болоттар, болоттар ағыла... * * * Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир, Тарих дөрөҫлөгөн йырыңда. Ул тарихты ата-бабаң ҡорған, Хыялланып хаҡлыҡ турында... КИЛӘСӘК Донъя Йырҙар менән ҡойонмаһа, Йә суммаһа шиғри моңдарға, Кеше, Сәскә күреп, һаҡланмаһа, һоҡланмаһа алһыу таңдарға, Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булып, Фәҡир булһа уның күңеле, Тынғыһыҙ бер уй булмаһа унда, Хисе бөтһә майға күмелеп, — Барлыҡ революциялар миңә Мәғәнәһеҙ тик бер ҡан ҡойош Һәм буш нәмә булыр инеләр ҙә Алмаҫ инем башҡа мин һулыш... Ләкин ошо яҡты, ҙур донъяла Даһи ижады бар кешенең. Ошо ижад уны кеше итә Һәм шағиры итә эшенең. Ошо ижад, тауҙы тауға һөйәп, Йылғаларҙы кире ағыҙа. Ошо ижад, күлде күлгә тейәп, Тулҡынынан уттар ҡабыҙа. Ошо ижад, йолҡоп алып ерҙән Уның ҡауҙан, ҡылған үләнен, Ер-әсәнең иңдәренә һала Алтын башаҡ үҫкән еләнен. Ошо ижад ҡояш сыға торған Көнсығыштың үҙен уята. — Илем! — Йәки үлем! – тигән ирҙә Киләсәкте ҡорор уй ята!.. Ошо ижад менән мөғжизәләр яулай Талмаҫ ҡулы шағир халҡымдың. Ошо ижад менән ул, беренсе булып, Йондоҙҙарға саҡлы ҡалҡынды!.. Киләсәк ул – тотош ижад иле, Киләсәк ул миңә – йыр, шиғыр. Бына шуның өсөн мин – коммунист, революционер һәм шағир! * * * Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә Осоп төшөр кеүек баҡһа ла, Һин торған бер ғорур бейеклектә Күңел ҡанатын ул ҡаҡһа ла, Ситлектәге тотҡон бөркөт кеүек, Оса алмай ул һинең күгеңә — Ҡурҡыу ҡатыш сәйер ҡараш менән Ҡарайһың һин уның күҙенә... Аһ, был йыйырсыҡтар, йыйырсыҡтар! Ҡылыс эҙе улар йөҙөндә. Йәшһең шул һин, бик йәш... Белмәйһең дә Күпме нур бар ҡылыс эҙендә!.. ТАҒЫ БЕҘҘЕКЕЛӘР Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән Тағы атты ерҙә яңы таң... Беҙҙең кеше атлай ғәләмдә! – тип Һөрән һалды илгә Левитан. Оса ике батыр! Улар ҡайтыр, Үтәп тағы илем ҡушҡанды. Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы, Көйөндөрөр тағы дошманды. Күр һин, дошман: беҙҙең дөрөҫлөк был! Ҡояш булып күккә олғашты. Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин, Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!.. * * * Ауыр һиңә, ауыр күтәреүе Утлы дауыл йыйған һөйөүҙе. Ул яндырып, ул көйҙөрөп бара, Ни кәрәге һиңә көйөүҙең? Йәш булһаң да әле, шундай һаҡ һин, Аҡыл менән йәшәй беләһең. Аҡыл – алтын! Әйҙә башҡа берәү Алтын менән һиңә түләһен!.. Шағирҙың юҡ алтын-көмөшө лә, Бар тик уның бөтөн йөрәге. Юҡ, кәрәкмәй уға ярты һөйөү, Хәйерҙең юҡ уға кәрәге... * * * Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн, һуңғы көнө ун биш йылымдың. Китәм һинән, ләкин алып китәм Мин йәшлеген ғүмер юлымдың. Мин бит һиндә йәшем менән түгел, Ә йәшлегем менән йәшәнем. Билетымды шуға тапшырмайым, Һаҡлап ятһын йәндең йәш мәлен. Хуш, комсомол! Бир ҡулыңды, дуҫҡай, Тик онотма кәрәк саҡтарҙа, Саҡыр мине, саҡыр ауыр саҡта, Мин булырмын алғы сафтарҙа. * * * Күптән көлгәнем юҡ ине шулай Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ... Көттөм, Өмөт иттем, Ҡайтарыр тип, Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ? Ул һин булдың!.. Килдең егермеңдә, Ҡабатланмаҫ яҙҙы килтерҙең, Оноттороп минең бар ғәмемде, Бар күңелдән мине көлдөрҙөң. Көлдөм!... Көлдө тау ҙа, Көлдө һыу ҙа, Көлдө ай ҙа күктә тәгәрәп. Тик беҙҙең туй ине был яҙғы төн, Беҙҙең туйға тағы кем кәрәк? Айҙы саҡырҙыҡ беҙ яныбыҙға, Йондоҙҙарҙы, аҡҡош юлдарын. Етегәндең алтын ижауынан Бергә эстек беҙ яҙ моңдарын. Ҡулдарыңдан ыуып төшөрҙөм дә Иртә яҙҙың һуңғы һалҡынын, Көлдөм ғәмһеҙ!.. Һәм иҫерҙем эсеп Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын. «Ете ҡыҙ»ҙай ойоп, талғын ғына Бейегәндә ал таң елдәре, Төш кенәлер был, тип ҡурҡтым мин. Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем!.. Ни бирәйем һиңә был өн өсөн, Ни генә һуң булһын бүләгем?! Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә, Йырымда бит минең йөрәгем... ҠАНТҮШ ТУРҒАЙҘАР Түшкенәһе менән көрттәр ярып, Ҡайтып еткән ҡантүш турғайҙар. Һағыныуҙар шулай итәлер шул, Аҡман-тоҡман тип тә тормайҙар. Туп-туп булып, ризыҡ-ем сүпләргә Һарылғандар ана сағанға. Хайран итеп торам шул сағанды, Алмағасҡа оҡшап ҡалғанға. Алмалары, алһыу алмалары Тупылдашып ҡарға төшкәндә, Ялҡынынан яҙҙар башланғандай, Ҡарҙар ҡайнап, боҙҙар бешкәндәй... Үрелгәйнем, өҙөп алайым тип, Уттай янып бешкән алманы, Пырылдашып барыһы осоп китте, Береһен-бер тота алманым. Елә йылдар! Килә яҙҙар тағы, Ҡантүшкәйҙәр егеп яҙ килә. Бары шуныһы йәл: һин тоталмаҫ, Һин татымаҫ яңы наҙ килә!.. БӘХЕТ Нимә һуң ул бәхет? Ҡыҫҡа бер һүҙ — Ғүмер буйы төшмәй телеңдән. Ғүмер буйы шуға ынтылаһың, Ғүмер буйы йәнең-тәнеңдән теләгәнең ошо — бәхет ҡошо! Алға әйҙәй, үҙенә саҡырып. Аҡ ҡанатлы сихри ҡош булып, ул Күренмәйҙер күҙгә, ахыры?.. Бер йотом һыу, телем икмәк тә бит — Булмағанда – иң ҙур бәхетең. һыуһын ҡанғас, тамаҡ туйып алғас, Был бәхет тә ташлай тәхетен... Әгәр булһаң юлда, бәхет алда — Һинең барып етер урының. Оҙаҡ ямғырҙан һуң бәхет һымаҡ Иркәләүе ҡояш нурының. Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет, Китап ҡәҙерен белгән кешегә. Күпме бәхет яҡты был донъяла Бәхет тигән һинең ишегә!.. Эшләр эштәрең күп – сикһеҙ улар! Йөрөр юлдарың күп – шул бәхет. Сикһеҙ һинең татыр тойғоларың, Йырлар йырҙарың күп – шул бәхет. Йырлағанда, тик йыр бүленмәһен, Иыр тыңланып бөтһөн – шул бәхет. Айырылғанда, тик хис һүрелмәһен, Йәр һағынып көтһөн – шул бәхет... Бәхет! — Ҡыҫҡа бер һүҙ. Һәр кем уның Үҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен. Мин тик шуны беләм: кешенең ул — Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе! — бәхет ҡошоң — ошо тормошоң!.. ИМЕНЛЕК ҺӨРӘНЕ Баш ҡалҡыта тағы ҡара йылан, Тештәрендә – зәһәр ағыуы. Төштәрендә күрә тағы кеше Һәләкәтле йылан сағыуын. Ятып ҡалған аталар, Етем ҡалған балалар, Уңалмаған яралар — Барыһы ла бар улар... Тағы ағыу сәсәләр, Сәстермәгеҙ, әсәләр! Атылғандар, аҫылғандар беҙгә Ғәмһеҙ булырға һуң ҡушамы? Уяу булыу кәрәк кешелеккә, Йоҡламаған саҡта дошманы. Кешелектең өмөтөн Хурламаҡсы булалар, Кешелектең бәхетен Урламаҡсы булалар, Хурлатмайыҡ өмөттө, Урлатмайыҡ бәхетте! Яҡты донъя көлгә әйләнәсәк, Бер-бер ахмаҡ ҡуйһа тура атып. Таш күтәргән ҡулды тотоп була, Орған ташты булмай туҡтатып. Ерҙә күпме халыҡ бар, Ерҙә күпме хаҡлыҡ бар, Дошман ҡулын бәйләһен, Именлеккә әйҙәһен! Яулағанда тыныслыҡ, Булһын ҡулда ҡылыс ньгҡ! * * * Бына ағайың Кавказда, Диңгеҙ буйында ята. Беҙҙә буран ҡоторғанда Бында сәскәләр ата. Сәскәләр ҙә гөлдәр бында Аяғың баҫҡан һайын. Хуш еҫтәре, емештәре Эленгән тәлгәш һайын. Ҡыш уртаһы, ҡыш селләһе Хәтерләтә май айын. Тик күңелгә етмәй бында Уралда үҫкән ҡайын. Уралда йөрөй уйҙарым, Ҡайтып килә һәр көндө. Мин Кавказды күргәс кенә Уралым йәмен белдем... * * * Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин, Күңел баҫыр ерем булмағас. Йәшел ҡулын болғап ҡаршы ала Мин ултыртып киткән һәр ағас... Самауырын ҡуя һала әсәй, Тормошомдо, хәлде һораша. Күңел илаһа ла көлгән булам, Күңелемдә моңһоу йыр таша. Ярай әле, ерҙә шул ҡарсыҡ бар, Көтөп тора, ойотоп ҡатығын. һөймәһә лә тапап яурынымдан, Өҙгөләнә, ҡал, ти, ҡал тағын... Тик, ниңәлер, тығыҙ тыуған өйҙә, Күңелемә урын тапмайым. Ниҙер етмәй! Тап йырҙағы кеүек Һыҙыла тик йөрәк майҡайым. Ҡасандыр бер тар бишеккә һыйып, Бишек йыры баҫҡан күңелем Бар донъяға һыймай, һулҡып һыҙлай, Иҫке хистәр бөткән күмелеп... Ҡайынлыҡҡа барып ятһам ғына Аңлағандай була һәр ҡайын. Елбер-елбер йәшел күлдәк кейеп, Ҡаршылайҙар улар май айын, Ҡаршылайҙар улар һабан туйын, Бесән сабыр саҡты көтәләр. Тик кемдәрҙер минең ҡайындарҙы, Балта сабып, харап итәләр... Ләкин улар һаман япраҡ яра, Һаман бында кәкүк саҡыра, Ярһып һайрай һаман һандуғастар, Шул саҡ көлөп бала саҡ тора... Субыр-субыр аҡҡан йәшен һөртәм, Сабатаһын бәйләп бирәмен. ТАБИБӘ Ни булған был башҡа? Сатнап килә, Сабып ырғыт теләһә муйындан!.. Ләкин муйын менән генә ҡалһаң, Шәпме һуң? – тип ҡуям уйымдан. Йөрөй торғас, дарыу эҙләп таптым, Ҡаптым бына ап-аҡ төймәне. Ләкин шул дарыумы? Кире алдым, Телемә лә хатта теймәне... Эй, тотондом һүҙлек аҡтарырға, Оноттом мин бөтә сиремде. Ләкин табылманы эҙләгән һүҙ, Эҙләһәм дә түгеп тиремде. «Табип ҡушыуынса ҡулланыла», – Тип яҙылған тартма тышына. Ләкин ярты төндә кем һуң инде Табип табып килһен башыма? Ҡапыл, шул саҡ күҙ алдыма килде Ҡулым етмәҫ һылыу табибә. Ләкин... бер йылмайып үткәйне бит?.. Сеү, йөрәгем дөп тә дап тибә!.. Баш һыҙлауы төштө йөрәгемә, Уныһына ҡайҙа дарыуы? Ләкин эстән генә һөйөндөрә Иртән уға үҙем барыуым! * * * Эйе, йөрәгем таш түгел әле, Уттай, һыуҙай минең хистәрем. Утҡа – һыуҙай, һыуға уттай булһаң, Таштай ауыр иртә-кистәрем. Тулы тормош, оло бәхет биргән Кешелекле һөйөү кәрәген Барған һайын мин нығыраҡ тоям, Көтә уны, эҙләй йөрәгем. Ярһыу яҙҙар килһә, күңел даръям Ярҙарынан сыға ашҡынып. Тик, ғүмерлек яҙын тапмайынса, Ярҙарына ҡайта ташҡыным. ЫРАШҠЫ Ҡыш уртаһы. Селлә. Был саҡ ерҙең Сатнап ярылырҙай ваҡыты... Ә яланда Быҫҡаҡ ямғыр ҡатыш Ваҡ ырашҡы яуа, ялҡытып. Күҙ ҙә астырмайса, Сәнсеп-сәнсеп, Энәле боҙ биткә һыҙыра. Ат ыҙалап йөрө шундай көндә, Еле лә бит ҡалай һыҙғыра!.. Мин дә ахмаҡ!.. Елгә еленләп гел, Боҙға быҙаулар бер кешене Тыңларға бар, имеш, Кәңәшмәгә... Юрт, турыҡай! Тиҙерәк!.. Өшөнөм... Тағын бына ул ҡағыҙын еҫкәр, Бирер үҙендә юҡ аҡылды. Ҡасан шулай ҡағыҙ иттек икән Ысын йөрәк, Ысын ялҡынды? Һүҙҙәр, һүҙҙәр... Ҡасан эш башланыр? Килә бөгөн шуны һорашҡым. Күкрәп ямғыр яуһын! Ер сатнаһын, Тик булмаһын ине ырашҡы!.. ХАЛҠЫМ ХАҠЫНДА Осетин дуҫтарға Була алһам ине моңло ҡурай, Урман, далаларҙың хуш еҫе, Була алһам ине сәсән бер тел, Урал тауҡайҙарҙың күк төҫө, Һөйләр инем һеҙгә, көйләр инем Бар үткәнен башҡорт иленең, Бар киңлеген халҡым күңеленең, Бар хикмәтен әсәм теленең. Көсөм етмәҫ быға, хисем етмәҫ, Тик хаҡ әйтәм халҡым хаҡында: Бейеклек юҡ тыуған тауҙарымда, Бөйөклөк бар кескәй халҡымда. Һәр башҡортом минең йырсы булыр, Ат атланып сыҡһа тауҙарға, Һәр башҡортом минең батыр булыр, Ҡорал алып сапһа яуҙарға... ҠЫҘ ТЫУҒАС... Шағнр-зоотехник дуҫым Марс Закировҡа Малай ғына көтөп йөрөгәндә, Бисәкәйең һиңә ҡыҙ тапты! Ҡыҙың менән ҡотлап, бына һиңә Бүләк итәм ошо китапты. Тыумаһалар шиғырҙарың, Көймә! Күберәк ижад ит һин ҡыҙҙарҙы. Үҫеп һылыу булғас, Шағирҙар бит Шиғыр яҙыр, маҡтап уларҙы!.. ЯҢҒЫҘЛЫҠ Донъя! Донъям! Яҡты донъям минең! Туҡта, Тыңла, Ишет һүҙемде: Мин бер саңың һинең, бөртөк саңың, Аллаң итеп тоям үҙемде. Аңла, бел һин: һөйәм һине, һөйәм, Бер һөйкөмһөҙ балаң булһам да, Аңламаның, белмәнең һин мине, Һинең менән янып тулһам да, Ваҡлыҡтарың, Ялған шатлыҡтарың Күңелемде күпме кимерҙе. Көйрәп-көйрәп һүнгән күмер кеүек, Күрҙем бөгөн үткән ғүмерҙе. Кешеләрең — Ғәмһеҙ күршеләрем — Ят күрҙеләр яҡты уйымды. Ләкин бел һин: Яңғыҙ ай аҫтында Яңғыҙ эсмәм хәсрәт туйымды. Юҡ, мин донъям, Түгел ундайҙарҙан, Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө. Ә мин хужаң, Ғорур ижадсың мин, Мин – биҙәүсең һинең, Мин – кеше!.. Әгәр бөтә әҙәм минән йөҙ борһа ла, Танымайса ғорур кисемде, Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем, Байраҡ итеп ошо исемде!.. * * * Һин ятаһың ярҙа, Иҙел ҡомонда Һынауҙар еткән шул — Китап ҡулыңда. Ҡояш күҙе төшөп, Иркәләй тәнең. Шул тән генә өсөн мин әҙер Бирергә йәнем. Ниңә һынауҙар бар, Бергә булғанда, Мин тик һинең менән Янып тулғанда? * * * Ниндәй яҡын миңә йәшәй белмәгәндәр: Яраҡлаша, алдай, көйшәй белмәгәндәр, Хыялдарға, йырға, уйға сумғандар. Бер ҡарындан тыумаһаҡ та Яҡын миңә улар, туғандар. Йыр йырларға көйҙәре бар, Тик йоҡларға өйҙәре юҡ. Баштары бар, йөрәге бар, Аштары юҡ, терәге юҡ. Дандары юҡ, ҡандары бар, Табынмайҙар юҡ-барға, юлдарға. Тик барыбер һуңғы һүҙҙе улар әйтәсәк, Улар ҡулында тик киләсәк! * * * Көҙ үҙенең алтын шиғырҙарын, Өҙөп ташлап, елгә тарата. Шыбыр-шыбыр елдәр шиғыр уҡый, Көҙ ижадын елдәр ярата. Тик берәүҙәр ниңә был йырҙарҙы, Уҡымайса, тапап үтәләр? Әйтерһең дә, мәңге йәшәр өсөн Тыуған кеүек, үтеп китәләр!.. УМЫРЗАЯ ЙЫРЫ Диуана мин, диуана, Донъя менән йыуанам. Донъя минең – үҙ өйөм, Донъя моңо – үҙ көйөм. Үҙем нисек теләйем, Ерҙә шулай йәшәйем. Бер кемгә юҡ зыяным, Мин тик умырзаямын. Һәр терегә һөйөнәм, Тик үлемгә көйөнәм; Ә хәҙергә – ҡыуанам, Диуана мин, диуана!.. ИРТӘ Таң йондоҙо һүнә-һүнә, Ебәрә һуңғы сәләм. Уяна ер, уяна күк, Уяна бөтә ғәләм. Морнап килгән бәпкә кеүек, Сипылдап ҡояш сыға. Торналар ҙа һөрән һала, Көн аяҙ, тип юлсыға. Шул көн нурын эсергә тип, Атым эйәрләп сыҡтым. Түгә-түгә киләм бына Үләндәге ысыҡты. Керпектәрен асып ҡарай Гөлдәрҙән зәңгәр күҙҙәр. Башын эйеп, улар миңә: — Хәйерле иртә! – тиҙәр. Ә һандуғас, талға баҫып, Сихри ҡылдарын сиртә... Ниндәй көслө көн тыуҙыра Илкәйгә алтын иртә! * * * Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр — Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек! Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк!.. Ерҙе уйып сыҡҡан йәшел энә Тегә яҙға байрам күлдәген. Һин киләһең, юҡ, йөҙәһең, йырым, Һин бер аҡҡош – зәңгәр күлдәге. Ниндәй көс һуң тағы ҡауыштырҙы Беҙҙе шулай зәңгәр иртәлә? Беҙме әллә елде иркәләйбеҙ, Елме әллә беҙҙе иркәләй? Аяғыңды зәңгәр шишмә йыуа, Ниңә тулҡын түгел ҡулдарым? Беҙ килеп тә еттек. Юл да бөттө! Ниңә ҡыҫҡа былай юлдарым? Ҡайҙа зәңгәр сәскә? Юҡ шул әле!.. Мә, алып тор һин тал бөрөһөн. Тик бынан һуң тал да был донъяла Зәңгәр сәскә булып йөрөһөн! * * * Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән, Иң бөйөк көн әле ул алда. Килер ул көн, килер ул ҙур байрам, Туй яһарбыҙ шаулап урамда. Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм, Ярһыу атым янып йығылыр. Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй, Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр. Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә. Сөнки мин киләсәк менән бергә Һаҡлап саптым, телем, һине лә. * * * Төтәп ята үрттәр ҡамылдарҙа, Төтәп ята үрттәр ҡауҙарҙа. Иләҫләнә ҡыҙҙар ауылдарҙа, Яҙ, яҙ еле иҫә тауҙарҙа. Сутылдаша ҡоштар ҡыуаҡтарҙа, Сутылдаша ҡоштар һыуҙарҙа. Сыр-сыу килә илдә бала-саға, Сыр-сыу килә, уйнай, һикерә. Офоҡтарға һуҙылып, тауҙар көлә, Тауҙарыма яҙғы ел килә. * * * Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин, Янған өсөн яла яғылыр. Ялған һыйыныр ер булмаһа ла, Яласылар әле табылыр. Тик намыҫты данға алмаштырмам, Юҡ, алданмам арзан даныма. Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде манып ҡаныма. Һәр нәмәне халҡым зиһене менән, Халҡым күҙе менән күрермен. Әгәр кәрәк булһа, илем, телем өсөн Ғәзиз ғүмеремде бирермен. Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин! Маҡсатымдың иң-иң алыҫын Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә Балҡып яныр ғорур намыҫым! * * * Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң, Тормош кеүек булһын шиғырың — Шулай йәшәргә бит тырыштым мин, Икеһен дә бергә һыйҙырып!.. Бәлки, һыйғандыр ҙа?.. Тик шикләнәм Ныҡлы булыуына һүҙемдең, Ә шулай ҙа, Ышанаһым килә Йырым-тормошома үҙемдең. Кем генә һуң күргән ваҡ баһаны Үткән саҡта ғүмер юлынан? Йәшен балҡый тәүҙә, Күк күкрәүе Ишетелә бары һуңынан... * * * Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә, Иртәгәгә баҫһын береһе, Эштән өйгә ҡайтҡан һымаҡ, Киләсәккә ҡайтып йөрө һин. Ҡояш көлтәләрен ташып унан, Һуғып төшөр йондоҙ балаһын. Ай-ҡыйырсыҡ һиңә танһыҡ булыр, Килһә әгәр эшләп ашағың. Тиккә генә бәхет сүкемәгән Эшсе дуҫтың ҡорос сүкеше. Тиккә генә бәхет урмаған бит Ай-урағын тотҡан сос кешең... Тиккә генә ата-бабаларың Алтын итеп байраҡ сөймәгән. Тиккә генә улар һинең өсөн Тыуыр көндө шулай һөймәгән... ТУЙ ЙЫРЫ Һай! Һеҙ пар килгәс, беҙ ҙә килдек, Ҡотло булһын туйығыҙ! Тормош туйҙан ғына тормаҫ, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Ай-һай, туйығыҙ, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла Бергә-бергә бүлегеҙ! Был донъяла гөлдәр күркәм, Өҙөлмәһен гөлөгөҙ! Ай-һай, туйығыҙ, һыуынмаһын ҡуйынығыҙ! Һеҙгә тағы беҙ теләйбеҙ Бәхеттең мул өлөшөн: Булғас булһын гөлөгөҙҙөң Бер... биш-алты емеше!... Ай-һай, туйығыҙ, Әп итешеп ҡуйығыҙ!.. ТЫУҒАН КӨН Эс бошорғос талғын сәғәт теле Нисә ҡабат инде ураны!.. Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп, Үкһей тышта февраль бураны. Ниндәйҙер бер оло мәғәнә лә бар Келт-келт иткән сәғәт телендә: Яҡты был донъяға килгәнмен бит Шул буранлы айҙың төнөндә... Мин дә бала инем. Хыялландым Был донъяны гиҙеп сығырға. Күпкә ынтылдым мин. Тик һуңынан Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға. Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты, Әсе-сөсөһөн дә татыным. Һөйҙөм, һөйөлдөм дә буғай, Улдар бүләк итте ҡатыным... Күп кешеләр уҙҙы яҙмышымдан, Күңелемә һалып яҡтыһын. Бына инде шулай ҡайнай торғас, Үтте ғүмеремдең яртыһы!.. Үтте!.. Ә һуң ни эшләнем, ни һуң? Бик аҙ түгелме? – тип һораным... Эс бошорғос шуға сәғәт теле, Үкһей шуға февраль бураны... * * * Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә, Күк күкрәй минең күкрәктә. Биттәремә ямғыр һыҙырғанда, Мин шатлыҡтан шашам бигерәк тә. Аҡтарылһын әйҙә тау-болоттар, Ҡуптарылһын зәғиф тамырҙар. Дауыл ҡырһын сибек япраҡтарҙы, Шат йәштәрем генә тамырҙар. Ҡалһын ерҙә йәшел сафлыҡ ҡына, Бөтә сүп-сар һепереп түгелһен. Ҡыуанмаһаң ошо аҡ бәхеткә Ҡурҡаҡ йән һин, кеше түгелһең! УМАРТАСЫ Ары торһон диңгеҙ, курорттарың, Карауатың үҙе ял йорто! Көн дә килә һиңә яҡташтарың!.. Бына Фәҡси (ҡарай бал ҡортон) Һөйләй миңә баштан үткәндәрен, Үҙән буйҙарының үткәнен, Батырҙарын уның, матурҙарын, Беренсе ҡат нисек үпкәнен... Таныш тарих, тик тыңлайым үҙен: — Ауыҙ ит, тим, балыҡ һурпаһын. Аҙаҡ ҡуйы итеп сәй яһайым, Сәйһеҙ ни ул табын уртаһы?.. Төшлөктәге ҡояш тәнде өтә, Тик еләҫ ел тәнде иркәләй. Еҫе аңҡый ҡайын еләгенең. Яр аҫтында сабаҡ сирткәләй... Умартасы мине утарына Яңы бал ашарға саҡыра: — Теләһәң, ти, үҙем килеп алам, Ана унда минең ат тора. Быйыл бал мул, сәскәләр күп, Матур килде быйыл бал яҙы. Тик, ниңәлер бына көн боҙолоп, Етмәй торҙо бер аҙ аяҙы... Ә шулай ҙа урман йәмле бит, әй, Уҡый белһәң уның китабын?.. Бөтә һөйләгәнде, – ти ул аҙаҡ, — Яҙып ҡуйма кабы һин тағы!.. Ярай, мин китәйем, әтү атты Бик күгәүен талап йонсота... Умартасым китте утарына, Мин оҙатып ҡалдым асыҡта. Был тарихта артыҡ бер ни ҙә юҡ, Яңы донъя ла юҡ асаһы. Тик бар бында бал ҡортоноң Сәскәләрҙән йыйған мансаһы. Кешеләрем, минең, кешеләрем, Ниндәй ҡәҙерле, тим, һөйкөмлө! Килегеҙ һеҙ миңә, килегеҙ гел, Мин бит һеҙгә сабый хөкөмлө. Килегеҙ тик асыҡ күңел менән, Яҡшы ниәт менән килегеҙ. Байлығым – һеҙ! Күңел елкәнемде Илтә һеҙҙең яҙмыш елегеҙ... * * * Йырың, тыуғас, үлмәһен, Йылдар саңы күммәһен, Заман менән йәшәһен, Йәшәһен дә йәшәртһен, – Шунда моңо һәр йырҙың, Шунда йәне шиғырҙың; Тәбиғәт кеүек булһын, Илһамың менән тулһын, Моңһоҙҙар ҙа моңланһын, Йоҡлағандар уянһын, Уянһын да уйланһын, Йоҡлауынан оялһын!.. САЛАУАТТАР (Шаян йыр) Салауатҡа килегеҙ ҙә Беҙҙең яҡты күрегеҙ — Килгәнегеҙ тороп ҡалыр, Кире ҡайтмаҫ берегеҙ! Һай! Йәмле беҙҙең Әй буйҙары, Тәмле беҙҙең Йүрүҙән. һоҡланырһың, Таң ҡалырһың Килеп бер ҡат күреүҙән. Янғантауы, Янғантауы Үҙе генә ни тора! Янғантауға аяҡ баҫһа, Ятҡан тороп ултыра. Батырҙар ҙа, матурҙар ҙа Һеҙҙә генә тимәгән: Батыр белмәҫ, матур күрмәҫ Салауатҡа килмәгән. Эш тигәндә, беҙҙекеләр Эштә ҡуна ятырҙар. Бөгөн булмаһа, иртәгә Йондоҙ тағып ҡайтырҙар. Бейеүсе лә, йырлаусы ла — Салауатта күп улар. Беҙ сәхнәгә күтәрелһәк, Ай-һай, дуҫтар, кем уҙар? Һалдыҡ Йүрүҙән аша беҙ Салауат күперҙәрен. Ожмахтарға кергәндәй бит Шунан бер үтеүҙәрең!.. Һай! Йәмле беҙҙең Әй буйҙары, Тәмле беҙҙең Йүрүҙән. һоҡланырһың, Таң ҡалырһың Килеп бер ҡат күреүҙән. ҺАБАНТУРҒАЙ Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай... Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Йә атылып күккә менә уҡтай, Иә йомолоп ергә төшә туптай, Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай, Был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туҡтай? Ҡанатынан яҙҙы түгә буғай, Яҙға ҡойона бар ялан-туғай. Түгелдер был, ахыры, һабантурғай, Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!.. ОСОУ Осам, осам! Бала саҡтан бирле Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр. Бар тормошом – осоу, ҡолау минең, Үҙем – ерҙә, күҙем – айҙалыр... Әкиәт тыңлап, сәмреғошта осһам, Ҡолас йәйеп остом төшөмдә. Остом аттан, кәбән баштарынан... Тик ҡәнәғәт булмай эшемдән, Бер көн килеп, аэроклубҡа индем. Нисә ҡабат күккә менмәнем! Болоттарҙың аҡҡош муйынына Элеп төштөм ерҙең элмәген... Мин ҡайҙалыр остом, бер һылыуҙың Үпкән саҡта тәү ҡат иренен. Шул көн миңә талмаҫ ҡанат ҡуйҙы, Шул көндән һуң мин дә ир инем... Тик османым ракетала ғына, Тапманылар, ахыры, кәрәген. Ә шулай ҙа, ут-ялҡынын атып, Оса һаман, оса йөрәгем. Ил осҡанда, йөрәк осмаҫмы һуң, Атмайынса бөтә ялҡынды? Бәлки, минән дә бер эҙ ҡалыр, тим, Күңел күктәрендә халҡымдың. ЭСТАФЕТА ...Юҡ, ул үлемдән мин һис ҡурҡмайым, Иән бирерҙәй эшем бар минең. Тик үҙемдән ҡурҡам ҡайһы саҡта: Аҙ эшләнем, донъя тар минең!.. Минең йәштә күптәр эшен бөткән, Оло донъя менән йәшәгән. Киләсәккә хаттар яҙған Таҡташ, Туҡай йәшен булып йәшнәгән! Һәм аҙашҡан Бабич ут-дауылда, Көн тыуырын көтөп ятмаған. Атһа атҡан уны дошман ҡулы, Тик намыҫын шағир һатмаған. Шоңҡар булып осҡан Сәләмем дә, Йәлилем дә йәнен йыр иткән. Туфан булып ҡалҡҡан Хәсәнем дә, Ҡара төнөн хатта нур иткән. Төрлө заман төрлө һүҙен әйткән Һәм төрлөсә хөкөм сығарған. Ләкин һуңғы һүҙҙе әйтер өсөн Хаҡ бирелгән бары уларға!.. Уларҙан ал йәшәү ҡеүәһен һин, Күргең килһә хистәр байрамын. Улар барған изге юлдан атла, Уларҙан ал шиғыр байрағын!.. АЛМА Ҡояш нуры, ерҙең һуты, Кеше тире – был алма. Шуға нурлы, шуға һутлы, Шуға эре – был алма. Ҡояш һымаҡ, тынғы белмәй, Ерем, тиеп, янмаһаң, Ерем, тиеп, янып-көйөп, Ҡара тирең таммаһа — Кеше эшенең емешен Ҡулдарыңа һин алма, Йәмен бирмәҫ, тәмен бирмәҫ, Харам булыр был алма. ТӨНГӨ УЙҘАР Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн Төндө көтәм, төндө һағынам. Төндә минең серле илһам ҡошом Уяна ла ҡанат ҡағына. Тик ут ҡына булһын, янһын бергә, Мин арымай тороп, һүнмәһен. Көндөҙгө эш, тауыш, ығы-зығы Уйҙарымды кереп бүлмәһен. Төндә мин ниндәйҙер башҡа кеше, Башҡа уйлы, башҡа хыяллы, Төн йөҙөндә тик бер төҫ булһа ла, Донъям минең мең-мең буяулы. Һәр бер тауыш, һәр бер һулыш төндә Башҡаса бер мәғәнә, моң ала. Ә көндөҙөн, шул диңгеҙгә сумып, Күҙ-ҡолағың шунда юғала. Көн – кешенең ҡул-аяғы булһа, Төн – кешегә аҡыл-йөрәктер. Күрәһең, шул көндө күрер өсөн Төнгә китеп тороу кәрәктер. Күптәр төндө әрләй: меҫкен төн ул Иң ҡараңғы төҫкә буяла. Ә бит көнгә сәскә, төн булмаһа, Сыҙар инеме һуң донъяла?.. БЕШЕКСЕ Шундай уха бешергән, Телеңде лә йоторлоҡ; Бер татыһаң, ғүмер буйы Тәмен телдә тоторлоҡ!.. Кисен, ҡомай ҡаптырып, Йәрә һалды тобаға. Таңда төшөп ҡараһа, Суртан да алабуға!.. Таған ҡағып яр башына, Ҡула аҫты, ут яҡты. Йүрүҙәндән һыуын алып, «Һә» тигәнсе ҡайнатты. Ҡуҙғалағы, йыуаһы ла — Бөтәһе лә ер-һыуҙан!.. Ҡатыҡ менән бергә ҡушып, Йыр ҙа ҡата ярһыуҙан. Бесәнселәр маҡтап бөтмәй: — Ухаһы ла, ну, уха! Был уханы ауыҙ итһәң, Бесән сабыу – чепуха!.. МАЯҠ Ҡаратауҙың бейек түбәһендә Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ. Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң, Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ. Йүрүҙәнкәй аға бормаланып, Бормалары һайын бер ауыл. Шул ауылдар араһында ята Тыуып үҫкән минең Арҡауыл. Тыуған яҡтар! Шунда урман киҫеп, Бесән сабып, иген сәсәбеҙ... Ҡырыҫыраҡ, тиҙәр, беҙҙең яҡты, Тик ул беҙгә – наҙлы әсәбеҙ. Салауаттай улы, ә ҡыҙы һуң? Әминәһе һымаҡ һөйкөмлө. Бай ул үҙе киң күңеле менән, Моңло боронғо йыр шикелле. Күп илдәрҙе, күп ерҙәрҙе күрҙем, Ғашиҡ итте мине йылҡы яҡ. Ләкин ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Саҡырып тора мине шул маяҡ... СӘНҒӘТ Еңелерәк кеүек шағирҙарға: Беҙ, исмаһам, тойғо-уйҙарҙы Һүҙҙәр менән әйтеп бирә белгәс, Ятҡырмайбыҙ бикләп уларҙы — Бикләр замандарҙы уҙғарҙыҡ!.. Рәссам да аса үҙ донъяһын, Йәйғор буяуҙарға буятып. Ә көй сығарыусы моңо менән Иң-иң нескә хистәр уятып, Һөйләй, көйләй белә... Ә башҡалар? Нишләй улар – ғашиҡ булһалар, ҡайғырһалар, йәки ҡыуанһалар, Сикһеҙ бәхет менән тулһалар! Бәлки, әйтмәгән уй көслөрәктер, Хислерәктер һүҙ, моң, буяуҙан? Юҡ, барыбер ғашиҡ-шағир була, Уяуыраҡ була уяуҙан: Ул йыр йырлай, Ул һүрәттәр яһай, Буяу алмаһа ла ҡулына. Шул һөйөүҙән тыуғандыр ҙа сәнғәт Кешелектең изге юлына. Тәүге шағир, рәссам һәм көйсө лә, — Моғайын, ул ғашиҡ булғандыр. Мөхәббәтен, шиғри, матур, моңло итер өсөн ҡулын һуҙғандыр Был ерҙәге сағыу биҙәктәргә, шиғри һүҙгә, сихри моңдарға, Һәм сәнгәтте алып сыҡҡандыр ул Үҙе үтер оҙон юлдарға!.. Ә был оҙон, урау юлы уның Һикәлтәле, ҡыйын булғанға, Һәр аҙымы һайын мөхәббәтен Ҡара көстәр быуып торғанға, Нәфрәтен дә ҡушып мөхәббәткә, Ҡорал иткәндер ул сәнғәтен... Эйе! Һин даулаштың, Һин яулаштың, сәнғәт, Ерҙең тәүге азат сәғәтен. Һин көс булып, Һин үс булып, Хис уяттың, уйҙар уйлаттың. Юлдарыңда күпме ҡорбан ятты, Юлдарыңда күпме ҡан аҡты!.. Әй, ҡыйыу һүҙ, тере буяу саф моң! Онотмайыҡ изге ҡаныңды. Кешелектең саф намыҫы итеп, Күтәрәйек һинең даныңды. Кеше ғашиҡ бөгөн бар донъяға, Мөхәббәте һыймай йыһанға. Йондоҙло тел кәрәк бөгөн уға, Эй, ҡанат ҡуй, заман, илһамға! КӨТӨҮСЕ Тамара Нечаеваның «Көтөүсе малайы»на Ҡарт көтөүсе – кәзә һаҡаллы ай — Күк йөҙөндә моңһоу йылмайып, Йондоҙҙарын көтөп арыны ла Түшәгенә ауҙы ул, байып... Йондоҙҙарҙың алтын тояғынан Туҙып ҡалды көмөш томандар. Күм-күк тауҙар, ниҙер көткән һымаҡ, Һағайышып, тынып ҡалғандар. Ҡыҙыл үгеҙ һымаҡ, ҡояш сыға, Күк көмбәҙен һөҙөп, аҡтарып. Ә көтөүсе малай, ысыҡ ярып, Әйҙәп килә колхоз малдарын. Ул ҡояшҡа ҡарап туҡтап ҡалды, Күрҙем уның хайран булғанын: Ике ҡулын елкәһенә ҡуйып, Һемерҙе ул ҡояш нурҙарын. Иртәнге ел һыйыр теле менән Бишмәт салғыйҙарын ялманы. Тик ул, бер әкиәт уҡығандай, Ҡояшынан күҙен алманы... Тора малай нәҡ атаһы һымаҡ, Елкәһендә – һуғыш нужаһы. Бына ҡайҙа ерҙең аҫабаһы, Бына кем ул донъя хужаһы! Донъя ҡалған уның ҡулдарына, Ҡайтҡанғаса яуҙан атаһы. Тик белмәй ул шул ҡояштың кискә Ҡара хәбәр алып ҡайтаһын... Сеү! Мин һинең хыялыңды өҙһәм, Ғәйепләмә, зинһар, көтөүсем. Мин һаман да әле, һинең һымаҡ, Көн тыуғанын хөрмәт итеүсе. ҺӨЙӨНСӨ! Бураҙнаға һирпеп ебәргәндә, Ул күгелйем һары тос орлоҡ. Башы ҡарыш алтын арыш булғас, Күңелең бит күккә осорлоҡ!.. Шатлығың да, Ҡайғың да бит һинең Ошо яңы арыш башағы, – Әле һөтлө, балауыҙлы килеш Килеп тора ыуып ашағың. Әллә күктең төбө төштө, тиеп, Ҡайғырһаң һин көн-төн ямғырҙа, Көн ҡыуанда һин бит болоттарҙы Тының менән тартып алырҙай!.. Эй, игенсем! Ерҙә иң беренсе Ғәләм киңлектәрен яулауға Дүрт күҙ менән бағып Һин тораһың, Иң ҙур өмөт бәйләп был яуға. Килер бер көн, килер, килер ул көн, Ер үҙенә күкте ҡаратыр, – Һин теләһәң – күкрәп ямғыр яуыр, Теләмәһәң – көн нур таратыр... Беҙ ғәләмгә сәскән был йондоҙҙар Емеш бирер тиҙҙән, игенсем. Бейе, ағай, бейе! – тиеп, һинән Мин алырмын тәүге һөйөнсө!.. ИЛҺАМ Ҡайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым? М. Кәрим Белә инем Шиғыр шатлығының Күҙ йәш менән ташып барғанын... Ә хәҙер һуң? Ҡайҙа юғалттым мин Йөрәктәге хистәр байрамын? Бер йыл үтеп китте бына, Бер йыл! Бер генә юл яҙһам, исмаһам! Юҡ шул! Ҡанат йәйеп, илһам ҡошо Һис тә осмай икән, осмаһа... Ҡайҙа осһон? Ҡайҙа осһон инде? — Киңлек кәрәк уға осорға! Ә һин? Илең күкте яулағанда, ерҙе буйһондорған осорҙа Ултыраһың тар бүлмәлә. күләгәлә, Юҡ ем сүпләп, төтөн эсендә... Ҡайҙан бында илһам, шиғыр тыуһын? Үлеп бөтөр булған хисең дә. Ә бит һиңә йәшәр, яныр кәрәк, көлөр кәрәк, кәрәк иларға! Тик шул саҡта ғына һин – кешеһең һәм – хаҡлыһың йыр ҙа йырларға. Шағир – ел ул, донъя, заман еле, – Ҡайҙа булһа, нигә ҡағылһа, Көйөн шунан ала, шунан таба, шунда ғына тыуа йыр, илһам! УЛЫМ ЙОҠЛАҒАНДА Күҙе уйнай, күҙе яна башлай, Күктә осҡос күрһә, малайҙың. Моғайын да, шулай күҙе баҙлап, Урағына баҫыр ул айҙың. Бағыр ергә, ниндәй уйынсыҡ, тип, Аҫтын-өҫтөн айҡап ҡарар ул, Ниңә бында артыҡ нәмә күп, тип, Заманынан бер көн һорар ул. Ул таҙартыр уны сүп-сарҙарҙан, Һәр урында баҡса үҫтерер, Әкиәттәге һарайҙарҙы һалыр, Төҫө уңған ергә төҫ бирер. Уйнап туйһа әгәр ере менән, Алыҫ йондоҙҙарға һикерер, Тыуған ерен сәңгелдәге итеп, Киң йыһанды тыуған ил күрер... Яңғыҙ ятмаһын, тип, ай урағы, Һалыр уға ерҙең сүкешен... Ә хәҙергә – оса-оса йоҡлай, Тик дулама улай, сеү, кешем!.. ҮЛЕМҺЕҘҘӘР Үлем тере! Үлем сағып йөрөй, Һәр кемгә лә етә ҡаяуы: Юҡ яҙмыштан уҙмыш бер кемгә лә, Бер кемгә юҡ уның аяуы... Ләкин үлемдә лә матурлыҡ бар, Илем, тиеп үлһәң яуҙарҙа. Кеше – матур, эшләп оло эшен, Эш өҫтөндә үлем ауҙарһа... ...Янды Бруно майҙан уртаһында, Уттарында урта быуаттың. Ләкин ниндәй ялҡын ҡабыҙҙы ул, Ниндәй быуаттарҙы уятты!.. Уйҙарыңдан кире ҡайт! – тип үлем Кеше аҡылына бәйләнде. Ә шулай ҙа ер әйләнә! – тиеп, Сал Галилей фәнгә әйләнде. Кешелектең пәйғәмбәре булған Хатта Марксты ла тәбиғәт Аяманы, алды!.. Ләкин ҡалды Мәңгелек бер тере тәғлимәт. Ильич һүнде, төҙөп яңы илде, Хыял илен төҙөп донъяла. Кемде харап иттем! – тиеп һаман Үҙ эшенән үлем ояла. Ә паровоз топкаһында Лазо Әүерелде һүнмәҫ күмергә. Батырылды Чапай тулҡындарға, Тик йыр булып ҡалды ғүмергә. Үлде комиссарҙар, үлде йәш бөркөттәр Тура ҡарап үлем күҙенә. Был үлемдән, ҡыҙыл байраҡ булып, Йәшәү ҡалды донъя йөҙөнә. Аҙмы атылғандар, аҫылғандар, Аҙмы тере килеш күмелгән? Тик уларҙың ғорур ҡарашынан Үлем сиккән, үлем еңелгән!.. Ниндәй ауыр хәлгә ҡалғанда ла, Һин йәшәргә тыуғас был ергә, Йәшә кеше булып, ә үлгәндә – Һин белергә тейеш үлергә! * * * Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер, Ҡысҡырыша ярһып тартайҙар. Эшен ҡушып улар бер-береһенә, Тарт, тиҙәр ҙә, тарта алмайҙар... Усаҡ яна ярҙа, ҡайнай ҡаҙан, Еҫен бөркә балыҡ һурпаһы. Аҫып ҡуйған алтын табаҡ һымаҡ, Ай яҡтырта табын уртаһын... Борон-борон замандарға сумып, Әкиәт тыңлай бергә тирәктәр. Тик, тынлыҡты боҙоп, баш осонан Һыҙғырышып үтә өйрәктәр. Үтер, бәлки, шулай замандар ҙа, Әкиәттәр ҙә бөтөр иҫкереп. Ә мин һаман ултырырмын кеүек, Тылсым теле менән иҫереп... * * * Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был, Яланғас ел генә күгендә... Бәлки, һуңғы ҡабат килгәнһеңдер, Йән өшөткөс бушлыҡ күңелдә. Гүйә, донъя – моңһоҙ бер һыбыҙғы, Буш һыбыҙғы – елдәр өрөргә. Ниҙер үлде, ниҙер һүнде унда, Кире ҡайтмаҫ өсөн ғүмергә. Күңелдә тик ауыр юшҡын ғына, Әрем әсеһе тик ирендә... Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше, Йыр юғалһа күңел түрендә!.. УТЫҘҘЫ АРТЫЛҒАНДА Оса йылдар, Оса юлдар, Ғәләм караптарылай!.. Йәшәй кеше, Эшләй эшен. Ғазаплана – арымай. Йәшәүеңә, Эшләүенә Инде утыҙ йыл тула... Ә йөрәге, Бар теләге Тик йәшлеккә ынтыла. Бер табылған, Гел табынған Аллаһынан да көлә. Һүҙ белмәгән, Күҙ күрмәгән Көндәр күрәһе килә!.. ТЫРЫШ ҠАҘ Күҙен йома-йома йоҡомһорап, Һуңға ҡалған бер ҡаҙ ояла, Эй, ултырған була көнө-төнө, Бәпкә сығарам тип донъяла. Күптән-күптән инде башҡа ҡаҙҙар Бәпкәләрен йөрөй эйәртеп. Ә ул, меҫкен, һаман яна-көйә, Кем уйлаған шулай көйөр тип? Ата ҡаҙҙан булды бөтә бәлә, Йомортҡалар булды атаһыҙ. Бар күңелдән ышанғайны уға, Тормош, ахыры, булмай хатаһыҙ!.. Яңынан ул һалды йомортҡалар, Һуңға ҡалыуына ҡарамай. Шундай сабыр баҫып ултыра ул, Бит бәпкәһеҙ ҡалыу ярамай!.. Сабыр төбө һары алтын тиҙәр, — Сығыр әле һары бәпкәләр! Толғаҡһыҙ ҡаҙ булды, тимәҫ әбей, Рәхмәт яуғыр, тип тә әйткеләр... * * * Һәр бер үлән, япраҡ ҡыштырлауы Сиртеп тора күңел ҡылыма. Һәр кешенең үҙе, күҙе, һүҙе Теҙелеп бара ғүмер юлыма. Көйөндөрә, һөйөндөрә һәр һүҙ, Һәр һүҙ ала минең йоҡоно. Уны әйткән елдәй үтеп китә, Тик күңелдә ҡала тулҡыны. Юҡ, мин быға һис тә һыҡранмайым, Зарланамы йылға тулҡынға? Йәшәүем шул!.. Мин бит әйләндерәм Шул тулҡынды утлы ялҡынға... ТАҢҒЫ ИЫР Ниңә моңло икән таңдағы йыр? Ярып керҙе ул йыр йөрәккә. Төпһөҙ упҡындарға осҡан мәлдә Таяндым мин ошо терәккә. Был кемдеңдер тәрән моңо ине, Мәңгелек был алыҫ моң ине — Шундай яҡын итеп тойҙом уны, Иренем мин... ә бит туң инем... Эй, изге моң! Кисер, кисер мине, Мин ғәйепле һинең алдыңда. Мин баш эйәм һиңә, был донъяла Шундай тоғро моң бар сағында. * * * Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле, Тере әле, тере хистәрең. Күпме наҙҙы, күпме зәңгәр яҙҙы Һаҡлай әле иртә-кистәрем... Тулы тормош, оло бәхет биргән Кешелекле һөйөү кәрәген Барған һайын мин нығыраҡ тоям, Көтә уны, эҙләй йөрәгем. Ярһыу яҙҙар килһә, күңел даръям Ярҙарынан сыға ашҡынып. Юҡ, ғүмерлек яҙын тапмайынса, Ярҙарына ҡайтмаҫ ташҡыным!.. * * * Тыпыр-тыпыр баҫып бейей Ямғыр минең ҡыуышҡа. Мин шатланам, мин һөйөнәм Күк күкрәгән тауышҡа. Тик һин генә көйөнәһең, Ҡойоп ямғыр яуғанға, Мине яңғыҙым ҡалдырып, Ҡайта алмай ҡалғанға... Йәшен ҡылысын сайҡап, әй, Ярһып бейей был ямғыр. Төнө буйы бейеһен ул, Һай, уға рәхмәт яуғыр!.. ТӘНҠИТКӘ ТӘНҠИТ Ҡайҙан уйлап сығарғандар Тәнҡит тигән нәмәне? Тыныс ҡына аҡҡан саҡта Тишеп ҡуя кәмәне... Үҙем генә ҡыҙармайым, Хатта ҡатын ояла. Юҡ, булмаһын ине тәнҡит Бындай яҡты донъяла! Булһа ла ул булһын ине Мамыҡ түшәк шикелле, Шәкәр кеүек шәрбәт кенә, Еңгәң һымаҡ һөйкөмлө. Ә бит тәнҡит был көйөнсә Тереләй һуйған һымаҡ, Тамсылап йыйған абруйҙы Түңкәреп ҡуйған һымаҡ. Етмәһә бит шул тәнҡите Килеп тора шиғырға! Саҡ ҡына ҡырын баҫҡанға Ниңә ҡыра һуғырға?.. ТЕЛ БӘЛӘҺЕ Һөйләшәләр, Һөйләшәләр, Һөйләшәләр, Сыҡмай эш! Тик ултырған ерҙәренә Сыҡты... шеш!.. УЙЛАП ТАБЫУСЫ Элегерәк был машина Урҙы, һуҡты, елгәрҙе. Әммә хәҙер уны Нәҙер Яңысараҡ ебәрҙе: Ҡатынын да комбайнда Ҡунаҡтан алып ҡайта. Киноға ла, концертҡа ла «СК-3» йөрөп ята... Хатта хәмерен дә ташый, Һай, аҡыллы машина! Тағы бер уй был Нәҙерҙең Килмәҫ тимә башына!.. ХӘСӘНСӘ Ер йөҙөндә ни булмаған, Ни күрмәгән ер-әсә? Бәғзе әҙәм һөрмәй сәскән, Хәсән кеүек тә сәсә. Бына беҙҙең Хәсән ағай Ҡарт көнөндә ни күргән: Егеттәре мандолиндай Сей ҡалдырып ер һөргән. Ни әйтһен һуң мандолинсы? Ярай әле тел сәсән! — Ниңә шулай һөрҙөң, – тигәс, — Мин, – ти, – Мальцевса сәсәм... АЛТЫН Һиңә, иптәш агроном, Әйтә-әйтә арыным: Ҡулың һинең ни сәсә, Шуны бирә ер-әсә. Тәбиғәттән шәфҡәт көтмә, Көтһәң, иген дә икмә — Тупрағыңды алтын ит, Алтынды тупраҡ итмә!.. * * * Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар, Телдән ҡалғаным бар минең дә. Яҙмышым шул, Бәхетем шул, тиеп, Көндәй күргәнем бар миңен дә... Тик һуңынан өмөт юҡҡа сыға, Тулҡыныуҙан тына йөрәгең Күләүектә лә бит Тәүҙә шулай Диңгеҙ тәрәнлеген күрәһең... * * * Мин бит һине, үҙ ағайың булып, Тирбәтмәнем, йырлап йырымды. Кил, кәмәлә тирбәтәйем һине, Эсә-эсә зәңгәр нурыңды. Көндәр буйы мин бит, үҙең юҡта, Һинең менән генә һөйләшәм. Ә үҙеңде ап-аҡ кейемеңдә Килгән сырхауҙарҙан көнләшәм. Ә кисен юҡ һүҙем, тик үҙеңде, Тик үҙеңде килә эсәһем... Ташлап киткән сабый көнө буйы Талып көтә шулай әсәһен... * * * Диңгеҙ елдәренә сығып көтәм Иртә-кисле мин бер елкәнде. Ләкин, юҡ, күренмәй ул офоҡта, Әллә белмәй талып көткәнде? Рәнйетте, ахыры, елкәнемде Аҡ бәхеттәр бүләк итмәүем. Ғәйептер ҙә, бәлки, уны көтөү, Анһатмы тик уны көтмәүем?.. * * * Мин яратам ғашиҡтарҙы, Ғашиҡтар матур була. Наҙлап һөйгән ҡыҙ алдында Егет тә батыр була. Тик ҡасандыр таныш хистәр Йөрәгемә ят кеүек: Хәҙер инде йәш йөрәгем Ауыҙлыҡлы ат кеүек!.. БЮРОКРАТ — Ашарға ҡайт, – тиеп уға Килгән икән ҡатыны. — Ғариза яҙ, – тигән ти ул, — Берҙе түгел, алтыны!.. МИНЕҢ ЙОНДОҘОМ Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым, Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом. Юғалдың ҡайҙарҙа? Юл алдың ҡайҙарға? һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон... Ниңәлер күпте көтә күңелем, Көткәнгә микән күпте киң илем? Дауыллы йылдарҙа, Бормалы юлдарҙа Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм! Саҡыра тағы алыҫ юлдарым, Юлдашым минең – йөрәк моңдарым, Тынғыһыҙ көндәрҙә, Йондоҙһоҙ төндәрҙә Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым! * * * Сыйырсыҡтар ҡайтты яҙ артмаҡлап, Һайрай ана маҡтап өйҙәрен. Шаулай-шаулай гөрләүектәр аға, Етте инде яҙғы өҙәрем... Сәйер һымаҡ хатта үҙ-үҙемә: Тәүге ҡабат бер ни көтмәйем. Һандуғастан, сәскәләрҙән башҡа Яҙҙан бер ни өмөт итмәйем. Бөтәһе лә таныш инде хәҙер: Мөхәббәт тә таныш, дуҫлыҡ та, Тоғролоҡ та, хатта хыянат та, Күңелдәге юшҡын, бушлыҡ та... Тик йәшәге, тик эшләге килә, Бар тәбиғәт шулай, күрәһең. Бер ниндәй ҙә ғәм юҡ башта, Шау яҙ менән тулған йөрәгем! * * * Ҡояш!.. Ямғыр!.. Ҡояшлы ямғыр бирҙең. Күҙ йәш аша Йылмайғанымды күрҙең. Ян, ян, ҡояш — Яҡты һөйөүем минең, Яу, яу, ямғыр — Янып көйөүем минең. Сатнап-сатнап Йәшнәһен әйҙә йәшен, Күкрәп-күкрәп Түгелһен әйҙә йәшем! Ҡояш, ямғыр... Уларҙан йәйғор ҡалһын, Арабыҙға Нурҙарҙан күпер һалһын! КҮҘҘӘРЕҢДЕҢ ЗӘҢГӘР ЯЛҠЫНЫ «Ете ҡыҙҙай» ойоп, талғын ғына Бейегәндә ал таң елдәре, Төш кенәлер был тип ҡурҡтым мин. Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем?.. Ни бирәйем һиңә был өн өсөн, Ни генә һуң булһын бүләгем? Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә, Йырымда бит минең йөрәгем... ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ Күк сәскәлә күрҙем күҙҙәреңде, Аҡ ҡайында күрҙем буйыңды. Тау-урмандар ҡыҙырып йөрөгәндә, Белгән кеүек минең уйымды, Һин, эйелеп, өҙөп бирҙең миңә Ике тамсы ҡайын еләген. Өҙөп бирҙең үҙ ҡулдарың менән Йомарт йәйҙең тәүге бүләген. Янып бешкән ошо еләк тәмен Юғалтырға ҡурҡып йөрөнөм. Гүйә, был пар еләк үҙе ине Тетрәп торған һинең иренең!.. * * * Мин китермен, һин ҡалырһың, Ҡалырһың, зәңгәр диңгеҙ. Һинең мәңгелек ғүмерең Кеше ғүмеренә тиңһеҙ... Күк тулҡындар! Елдәр менән Уйнағанда һеҙ бергә, Бер заманды берәү килеп, Баҫып торор был ергә. Ул да шулай, уйға сумып, Һоҡланыр һеҙҙең менән. Һеҙ ул заман кешеһенә Сәләм әйтегеҙ минән! ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ Моңая аҡҡош, моңая, Моңая яңғыҙ ҡалғас — Ғүмер дуҫы, һәләк булып, Ҡара ҡайғыға һалғас... Аҡҡош шундай ҡош икән ул: Башҡаларҙы иш итмәй, Башҡа аҡҡош ҡаңғылдаһа, Тауышын да ишетмәй; Ғорур һөйөүен үҙенең Бирмәйенсә йәбергә, Һауалай ҙа зәңгәр күктән Ташлана, тиҙәр, ергә... Тик был аҡҡош оса алмай — Ҡанатҡайын ҡырҡҡанға. Сикһеҙ екһенеп ҡарай ул Янына һырыҡҡанға... * * * Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне, Һыу ингәндә, ҡомда ятҡанда! Ҡойоп ҡуйған тере һәйкәлдәрҙән Яр буйҙары сәскә атҡандай. Мин, боронғо мәжүси грек һымаҡ, Был һындарға ҡарап туйманым. Ҡайҙан кейем уйлап сығарғандар, Дошман эшелер был, тип уйланым Табынырға мине көсләһәләр Әгәр ерҙең берәй йәненә, Мин табыныр инем донъяла тик Ҡатын-ҡыҙҙың даһи тәненә!.. * * * Үтте лә китте йәшлегем, Үткәнен дә тойманым. Иә үтмә, тип, йә китмә, тип, Үҙен бер ҙә тыйманым. Атырға ла өлгөрмәне, Сәскәһен ҡойҙо гөлөм. Тик һаман да, сәскә ат, ти, Ал таңда иҫкән елем. Аһ, әгәр ҙә мин гөл булһам, Ал сәскә атыр инем. Атлап түгел, йәшлегемә Йүгереп ҡайтыр инем!.. АҒА ҺЫУҘАР Аға һыуҙар, ай, аға шул, Беҙҙән һуң да ағасаҡ. Үкенескә генә ҡала Беҙҙең бергә булған саҡ. Үтә йылдар, ай, үтә шул, Үтә иҫкән елдәрҙәй. Күңелдән тик һин сыҡмайһың, Тамыр йәйгән гөлдәрҙәй. Шиңә гөлдәр, ай, шиңә шул, Ҡырауҙар ҡырып һала... Юҡ, шиңдермәм мин гөлөмдө, Сәстәрем ағарһа ла! * * * Төн һымаҡ һин тынаһың да Көн кеүек йылмаяһың. Ахыры, айҙың серен йыйып, Ҡояштан нур алаһың!.. Бер өҙлөкһөҙ үҙгәреш һин, Яңылыҡ һин кис-иртән. Әллә сикһеҙ сер булғанға, Ынтылам һиңә, иркәм? Ҡайғым да һин, шатлығым да, Бәхетем дә һин минең. Тик үҙеңде мин дә шулай Бәхетле итһәм ине!.. БАҒЫШЛАУ Фәҡәт һинең өсөн был йырҙарым Рәхмәт һүҙе булып теҙелһен. Умырзая кеүек яҙыбыҙҙың Зәңгәр гөлө булып өҙөлһөн. Ал да уны изге егермеңдә, Ғүмер буйы һаҡла юлыңда. Ауыр саҡта йырым осоп килһен, Бер сихри көс артыр ҡулыңда. Үтер йылдар, ағыр бик күп һыуҙар, Ләкин онотма һин был яҙҙы. Ә миңә ул оҙаҡ илһам бирер, — Күңелемә уны мин яҙҙым. * * * Һандуғасым! Һайрап туҡтарһың да, Тынып ҡалыр, тиеп, моңдарың, Болоҡһой ҙа тора, ҡурҡа күңел, Гүйә, шунан матур моң барын Белмәйем мин... Бына шул матурлыҡ Ташлап китер кеүек ер йөҙөн, Башҡаса мин күрмәм кеүек уны, һандуғасһыҙ ҡалһам бер үҙем... Ниндәй генә моңдар, тауыштар юҡ, Тик, һандуғас, һинең тауышың — Минең өсөн алыҫ йәшлегемдең Мөхәббәте менән ҡауышыу... * * * Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң атамы икән? Ниңә хәҙер был һуҡмаҡтан Мин яңғыҙ ҡайтам икән? Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң атамы икән? Нисек һуң башҡа ҡуйында Ул түҙеп ята икән?.. Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Ниңә һөйөү, балҡып тыуғас, Моңайып бата икән?.. * * * Бәхет түгел һиңә минең һөйөү!.. Был тик минең һуңғы күкрәү. Йәшене лә һинең йәшлегеңә Көтөлмәгән бер шом килтерә... Тик ҡурҡма унан! Дауыл үтер, Ел баҫылыр. Тыныр ямғыры. Ҡояш сығыр. Бары тороп ҡалыр Күңелеңдә алыҫ яңғырыҡ... Ул да һүнер, алыҫ-алыҫ китеп, Ер ситендә ялтлар ялағай. Йәшәрерһең һин дә дала һымаҡ, Йәшен дә бит кәрәк далаға! * * * Беҙ балалыҡ менән хушлашҡанда, Хушлашабыҙ уйһыҙ, шатланып!.. Эй балалыҡ, хатта хушлашҡанда, Тал сыбыҡҡа ҡала атланып. Йәшлек менән ауыр хушлашыуы, Йәшлек кәрәк ғүмер-ғүмергә... Эй йәшлегем, аяҙ ҡартлығыма Барып етһәк ине беҙ бергә!.. МАЙ ЙЫРЫ Шиғыр яҙмай, Йырҙар йырламай Үтеп китте күпме ай! Ниңә улай? Юҡ, юҡ, ярамай, — Етте байрам, етте май. Шытып сыҡты Йотоп ысыҡты Ерҙең тәүге үләне, Әйтерһең, ер Кейҙе гел кейер Йәшел ефәк еләнен. Йырла, күңел, Әйҙә, йыр түгел, Күтәр шиғыр байрағын. Әйҙә, йөрәк, Уян тиҙерәк, Ҡаршыла май байрамын! * * * Теләһәк тә барыһын оноторға, Мөмкинме һуң барыһын онотоу? Әле сабый булып көлһәк тә беҙ, Ул һуңынан килер ут йотоу... Башҡа берәү сәстәреңдән һыйпап Уятҡанда һәр бер иртәлә, Бел – минең ҡул наҙлап һөйөр һине, Бел – миңең ҡул һине иркәләр! Мин ғазаптар аша килдем һиңә, Һин сафлығың аша атланың. Мин һүҙемде гөлдәр итеп һиптем, Һин шиғырҙар итеп ятланың... ПОЭЗИЯ КИСӘҺЕ Саҡырҙылар беҙҙе бер мәктәпкә, Беҙ, шағирҙар, шиғыр уҡыйбыҙ. Ҙур зал тынып ҡалған. Шул тынлыҡта Өгөт-нәсихәттәр залға туҡыйбыҙ. Графиндан һыуҙы эсә-эсә, Беҙ янабыҙ шиғри ялҡында. Ә шиғырҙар, беҙҙең шиғырҙар Төрлө бөжәк, ҡорттар хаҡында. Кисә бөттө. Бына шул сағында Сығып баҫты бер ҡыҙ талпынып, Һәм уҡыны һөйөү шиғырын ул, Йөрәктәрҙе өттө ялҡыны... Беҙ таң ҡалдыҡ уға, ғәжәпләндек: Поэзия үҙе күренде... Күҙҙәрҙә – нур, ә йөҙҙәрҙә Беҙ үлтергән тормош терелде. Ҡасандыр бит беҙ ҙә шулай инек, Һөймәйенсә, хыялланмайынса Мөмкинме һуң дөрөҫ йәшәргә? * * * Һәр тарафым тулы мөхәббәт бит, Һәр сәскәлә, һәр ҡош телендә... Ә ниңә мин бер һандуғас түгел Мөхәббәттең бәллеү гөлөндә? Тормош даръяһында ҡая һымаҡ Минең шулай баҫып торошом. Тик ҡайҙа һуң йырҙарымда минең Шул шау тулы тормошом? Аҙмы моң-йырҙары, һүҙ йәйғоро Ҡамап алған тирә-яғымды!.. Ә мин торам, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалып, Йота алмай ошо ағымды... Муйынымдан һыуға сумған көйө Сарсап, янып, һыуһыҙ интегәм. Бар донъяһын һемереп эсер инем, Ҡулым етмәй һиңә, Етегән!.. * * * Надяға Ер үҙенең йәшел ҡулы менән Тағы ла бер яҙҙы күтәрҙе. Ә һандуғас, һантый, тағы, тағы Хыялый баш итә күптәрҙе... Шундай яҙҙа муйыл сәскә атҡас, Күбекләнеп ташҡан ҡымыҙҙай, Эсә-эсә зәһәр шул ҡымыҙҙы, Мин дә ғашиҡ инем бер ҡыҙға. Һәм беҙ иҫергәйнек икебеҙ ҙә, — Әллә сәскәләрҙең еҫенән, Әллә сәскә араһынан баҡҡан Күк йөҙөнөң зәңгәр төҫөнән... Ҡойолдолар муйыл сәскәләре, Тик емештә ҡалды май айы... Инде үҙе сәскә йыйып йөрөй Шоморт күҙле февраль малайы. * * * Әйтелмәгән борсолоу мин, Һүтелмәгән ҡаты бер төйөн; Асылмаған бер бөрө мин, Ҡысҡырмаған оран һәр көйөм. Кил яныма! Мин йырлармын, Һәр нәмәлә табып көйөмдө. Асылырмын сәскә булып, Һүт тик минең ҡаты төйөндө. Бар болотоң таратырмын, Көндәй асырмын мин йөҙөңдө, Бул тик ғәҙел матурлыҡ һин, Һин табырһың миндә үҙеңде!.. * * * ...Но для женщины прошлого нет... Бунин Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик Тәүге мөхәббәтен үҙенең, — Иә нәфрәте итеп һаҡлай уны, Иә ғүмергә һөйә өҙөлөп. Ә ҡалғаны – зәңгәр тулҡын һаны — Йылдар упҡынында йотола. Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә Ай серендә һаҡлап тотола. Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн, Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә... Тик йырҙарға күскән тойғоларға Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә! * * * Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!.. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде Үҙең күр ҙә үҙең бел инде... Алыҫ-алыҫ йондоҙ Һиңә ул ҡыҙ, Төшөңдә лә осоп етмәҫһең. Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа, Төш күрергә баҙнат итмәҫһең. Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең, Кисерәһең үҙең әсеңдән!.. Бер йылмайып ҡарауы ла уның Оло бер туй яһай хисеңдә! Оло бер туй!.. Ләкин был туйҙың бит Һин кейәүе түгел – ҡунағы... Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа — Етмәгәнме һиңә шул тағы?.. * * * Һөйгән... һөйөлмәгән... Инде – һөймәй. Тик һөйгәнен генә Һөйләп һөйләй... * * * Көнләмә һин мине үткәндәрҙән, Үткән һөйөүенән ҡыҙҙарҙың. Улар ҙа бит бына һинең кеүек, Ниндәй ғәйебе бар уларҙың? Күҙҙәреңде һирпеп бер ҡараһаң, Күҙҙәренә күҙең оҡшаған. Наҙлы бер һүҙ әйтһәң, тап уларҙың Һүҙҙәренә һүҙең оҡшаған!.. Сәскәләрҙең бөтә төрҙәренән Һин йыйғанһың икән гөлләмә, Бының өсөн һин һуң ғәйеплеме?!. — Үҙ-үҙеңдән мине көнләмә!.. * * * Былай үҙең бик матур ҙа түгел, Тик, ниңәлер, һине биҙәнем. Мин генә тик һине йондоҙ иттем, Һин генә тик быны һиҙмәнең... Ә шулай ҙа яратаһым килде – Һуңғы ҡабат шашып аҡылдан! Күк күк(е)рәп, ер тет(е)рәп торҙо, Яралғанда һин был ялҡында. Матурлығың – минең хыялым ул, Хыяли бер күңел емеше. Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас, Мин йәшәйем әле, мин – кеше!.. * * * Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был, Һуңғы балҡыуылыр күҙемдең? Ғәйепләмә минең сәйерлекте, Яҙға әйләнеүен көҙөмдөң. Шундай сағыу был көҙ, әкиәт көҙ, Әйтерһең, ул сабый һүрәте!.. Яна, яна мең-мең буяу менән, Алтын ялҡындарын көйрәтеп. Тиҙҙән, тиҙҙән уттай йәшеллектең Тороп ҡалыр бары ҡау-ҡыуы. Ләкин ниндәй мәғрүр, тантаналы Әкиәттең ошо балҡыуы!.. * * * Бөтәһе лә ниндәй тәбиғи был: Килдегеҙ ҙә минең ҡыуышҡа, Әкиәт, йыр, шиғыр тыңлап, йоҡлап Киттегеҙ һеҙ минең тауышҡа... Ә бит һеҙ балалар түгел инде, Һеҙ икегеҙ – ике еткән ҡыҙ. Мин дә ат көтөүсе малай түгел... Шундай һиҙгер һеҙҙең йоҡоғоҙ. Тик бер ни ҙә юҡ. Яр буйында бары Кәмә ята, йөрөй ат ашап. Миңә ғәжәп!.. Ҡуйы томанда тик Һандуғастар ғына һаташа... ЯҘАҺЫ КИЛМӘГӘН ШИҒЫР Һис яҙаһы килмәй был шиғырҙы, Башта ҡайнай башҡа шиғырым. Ләкин бына килеп керҙең дә һин, Тыумайынса ҡалды шул йырым. Ул йырҙы мин айҙар, йылдар буйы Йөрәгемдә наҙлап үҫтерҙем. Үҫтерҙем дә, тыуыр көнөн көтөп, Тыумаҫ элек быуып үлтерҙем. Тулғаҡ тотҡан әсә кеүек, уны Ғазапланып ижад иткәндә... ӘСӘЙ-РӘСӘЙ Бөтәһенән матур, зиһенлерәк, Уңғаныраҡ минең әсәйем, Мин тик һинең менән ҡыуанамын, Мин тик һинең менән йәшәйем! Аҡ биләүгә мине биләгәндә Уйлағанһың бәхетем хаҡында. Көсһөҙ саҡта миңә көс бирәһең, Йылытаһың мине һалҡында. Көләс ҡояш сыҡмай йөҙкәйеңдән, Йәш йөрәгең Мәскәү булғанға, Алтын билбау булып, билкәйеңдән Күк Уралым урап торғанға. Мин йырлайым һине үҙ телемдә, Тел-асҡысын бирҙе әсәйем. Йәш бөркөттәй ғорур осор өсөн Ҡанатымды кирҙең, Рәсәйем. Мин ғүмерем менән бурыслымын, Һөйөүемдең илһам иле – һин. «Әсәм!» – тигән саҡтарымда һиңә, «Улым!» – тиерлек булһам ине мин. ДҮРТӘҮ ХАҠЫНДА Күпме маҡтау, Күпме данлау һүҙе Ҡырҡ көнгә – дүртәү хаҡында. Берәүҙәр шик тота, Ә берәүҙәр Аптырайҙар, яҙып аҡылдан. Ләкин миңә был һис ғәжәп түгел, Был маҡтауҙар хатта уңайһыҙ: Ай нурына ниңә табынырға, Ҡояштан бит нуры ул айҙың?.. Үҙ ҡеүәтен бирҙе был дүртәүгә Ҡояш һымаҡ йомарт киң илем. Улар менән бергә булмаһам да, Бишенсеһе унда мин инем... АЙҘЫҢ КӨТКӘНЕ Кеше аҡылы бит, йәшен булып, Ғәләмдәге айға атыла. Кеше күҙе, ерҙе ташлап китеп, Сығып ҡарай айҙың артына!.. Айҙа беҙҙең ураҡ-сүкеш йәшәй, Ай йөҙөндә нурлы миң булып. Тик ниңә һуң шиғыр тыумай ерҙә, Ошо бөйөк миңгә тиң булып? Ә бит айға нисә быуат буйы Хужа булып килде шағирҙар! Һәм ай тураһында һүҙ әйтмәгән Бер шағир ҙа юҡ шай был ерҙә? Ләкин айҙа, моңһоу нур эсендә, Күргәндәр тик һылыу бер ҡыҙҙы. Уға ҡушып тағы маҡтағандар Ай янында яҡты йондоҙҙо... Берәүҙәре айҙы баҡыр иткән, Йә биҙәгән алтын-көмөшкә. Ә яңғыҙ ай? Ул тилмергән икән Ябай ғына ураҡ-сүкешкә!.. АЛТЫН ИТ! Һиңә, иптәш агроном, Әйтә-әйтә арыным: Ҡулың һинең ни сәсә, Шуны бирә Ер-әсә. Тәбиғәттән шәфҡәт көтмә, Көтһәң, иген дә икмә — Тупрағыңды алтын ит, Алтынды тупраҡ итмә!.. АКРОБАТ-ШОФЁР Бейек тауҙың ҡаҡ башынан Төшөп килә машина. Шул машина етә яҙҙы Шофер егет башына... Орлоҡҡа тип барғайны ла, Берҙе «кәгеп» алғайны. Кинәт күҙе бәйләнде лә, Машина зыр әйләнде, — Ҡапланып барып төштө, Орлоғо китте туҙып. Үҙе йәмшек кабинала Ята аяғын һуҙып. Айнып иҫенә килгәс тә, Уйлана шофер егет: — Инде миңә тура килер Йөрөргә үгеҙ егеп... ИҪӘПҺЕҘ ИҪӘПСЕ Ағаҡайым, Шәйхинур, Ни сәскәнһең, шуны ур: Ағай булһаң да үҙең, Бар һиңә әйтер һүҙем: Утрауҙа мәжлес ҡороп, Контораңа кермәйһең, Халыҡ эшләй дөйәләй, Төймәләй ҙә күрмәйһең. Шылт-шылт төймә тартһаң да, Төймәләрең тыңламай. Берәй заман отчетыңды Бирерһеңме һуңламай? Көрәгәгә бәрәкәт! – тип Ҡысҡырғанда йүнең бар. Әммә ләкин онотма, Иҫәп-хисап көнө бар!.. ИСЕМЕН ӘЙТМӘЙЕНСӘ Һеҙҙә шундай кеше бармы? Бар беҙҙә ундай кеше: Әрәмтамаҡ та тимәйем, Бар уның эшләр эше. Тик эш хаҡын эсеп бөтөп, Ҡайтып керһә өйөнә, Ҡул күтәрә ҡатынына, Ләх иҫерек көйөнә. Балаларҙың ҡотон алып, Боҫтора ул мөйөшкә. Иртән торғас, башын сайҡай, Хайран ҡалып был эшкә... Ниңә ҡыҙара ҡолағың, Уҡығанда һүҙемде? Әллә, ҡорҙаш, был көҙгөнән Таныныңмы үҙеңде?.. ҠУЛДЫ ҠУЛ ЙЫУҺА... Ала һыйыр булып ята Беҙҙең ауыл ерҙәре. Һабанға һалам урала, Һай, ҡыйын һөрөүҙәре!.. Ала һыйыр булмаҫ ине Беҙҙең ауыл ерҙәре, Көнө-төнө эсеп йөрөй Уның бригадирҙары. Көнө-төнө эсмәҫ ине, Оҙон икән ҡулдары. Таҡыр икән йөкләп-йөкләп Иген һатҡан юлдары. Бер Хөснулла булманы, Йөҙ Хөснулла булды ул, Йөҙ Хөснулла булмаҫ ине, Йыуа икән ҡулды ҡул... ЯЛҠАУ Ялҡау сыҡһа баҫыуға, Зар илап ята ере: Сәскестәре орлоҡ түгел, Частарын сәсеп йөрөй: Ҡорал илай, ҡорал һыҡтай, Ҡоралды ялҡау тотһа... Ярай ҙа һуң, сәскәс, бында Запчастар шытып сыҡһа?.. БРИГАДИР ТӨШӨ Бригадирҙың хәле мөшкөл, Нимә һөйләп тораһы! – Һыйырҙарҙың, һарыҡтарҙың Юҡ аҙбары, ҡураһы. Ниҙәр генә уйлай тиһең Таң атҡанда был Ғата. Ҡырҡ эшең ҡырылып ятһын, Төш күреп йоҡлап ята: Имеш, һыйырҙар үҙҙәре Кергән бының өлөшкә — Балта-бысҡыларын алып, Тотонған төҙөлөшкә... ҠЫҘ УРЛАУ (Трагикомедия) Элек ҡыҙҙарҙы урлаған Бөркөт кеүек егеттәр. Хәҙер инде ул егеттәр Ҡаҙ урлаған кеүектәр. Бына шундай ике егет Юлыҡҡан беҙҙең яҡҡа. Егетбеҙ, тип бер ҡыҙҙы Киткәндәр һалып атҡа. Тик нишләргә? Һай, үткән шул Ҡыҙ урлау замандары, Күшегеп йөрөп ҡайтҡандар, Туңдырып танауҙарын. Их, егеттәр, ҡарап торһаң, Һөлөк кеүек егеттәр! Ҡыҙ урларға һуңлап тыуғас, Ҡаҙ урлаған кеүектәр!.. Һеҙгә тигән һылыу ҡыҙҙың Урланыр йәше үткән — Етмеш йәшлек әбей булып, Тештәре төшөп бөткән!.. НУҠТАЛЫ ҠАТЫН Бар ине беҙҙең арала Комсомолка Ғәйниә. Кейәүгә сығып Юлайға, Юғалды әллә ниңә?.. Аттар ҡарағаңға микән Ғәйниәнең «сеньоры», Атының да, ҡатындың да Сың-сың итә сынйыры. Ғәйниәне урамға ла Сығармай икән Юлай... Ҡатының бит ат түгел, Нуҡта кейҙермә улай!. ШӘҒӘЛИ ВӘ ШӘРҒИӘ Сейәлетау, Сейәлетау, Сейәле тау итәге... Сейәле тау итәгендә Шәғәли зав бит әле. Шул Шәғәли үҫтерә, ти, Яңы тоҡом сусҡалар: Ҡарауһыҙ ҙа йәшәйҙәр, ти, Ҡабан һымаҡ сос улар! Ҡыштан бирле был сусҡалар Йөрөй батҡаҡ кисеүҙә. Завтың унда ҡайғыһы юҡ, Бар ҡайғыһы әсеүҙә. Башҡынаһын әйләндергән Фермалағы Шәрғиә. Алты бала атаһын ул Итә, ти, бик тәрбиә... Таһир-Зөһрәң ары торһон, – Бал ҡоймаған Зөһ(ө)рә, Таһир ҙа бал татымаған,. Ә Шәғәли – һемерә!.. Сусҡалар ҙа ҡыуана, ти: — Һай, беҙҙең зав шәп әле. Танау сөймәй, беҙҙең менән Бергә аунай Шәғәли... ЯҢЫ ЯНҒАНТАУ Ырҙын тулы ашлыҡ ята, Ята янып, күгәреп. Йә киптереп ялсытмайҙар, Йә бөтмәйҙәр елгәреп. Янған тауың ары торһон, Юҡ был тауҙың кәрәге. Һыҙланғандар килеп ятһын, һыҙламаһа йөрәге!.. ВЕТВРАЧ Собханалла! Күҙ теймәһен, Ветврачҡа ни булған? Әллә алмаштырып ҡуйған, Әллә яңынан тыуған? Һүҙҙәре лә ипле генә, Кеше төҫлө төҫө лә; Ерҙә лә бит аунап ятмай, Кеҫәл булып эҫелә. Хатта врачҡа ла үҙе Оҡшап тора, бахырың. Ни булған һуң уға былай? Спирт бөткән, ахыры... ИШӘЙ МЕНӘН ҠУШАЙ Ике күҙҙәй ике күрше Бергә йәшәй юл аша. «Көн дә байрам, көн дә туйы Булһасы!» – тип шаулаша. Ишәй ятҡанда кирелеп, Ҡушайы ла иҫнәйҙер. Улар өсөн иген үҫмәй, Яҙ еле лә иҫмәйҙер. «Әйҙәгеҙ, механиктар, Яланға!» – тигән һүҙгә, Әйтер улар: «Яландар, – тир, – Үҙҙәре килһен беҙгә!..» САЯ СӘПСЕК (Мәҫәл) Түҙмәй сәпсек бөркөт данына, Тоҙ һибәһе килде ҡанына!.. Ләкин ҡанмаҫ үсен алырға Әмәлен һуң нисек табырға? Бөркөт төйәге бит ҡаяла, Сәпсекме һуң уға ҡыя ала? Ҡайҙан табырға һуң уға көс? Тик таптыра икән көстө үс. Ояһында ятып, бөркөттө Бер көн килеп сәпсек өркөттө. Тик үҙенең теле бәйләнде, Осоп төшөп, саңға әйләнде... РЕМОНТТАН ҺУҢ Тыр-тыр... трактор, «Тырплан»ды тултырам. Ремонттан сыҡҡайным да... Ремонт көтөп ултырам! БЕҘҘЕҢ КЛУБ Беҙҙең клуб асыҡ тора, Килегеҙ ҙә керегеҙ. Беҙҙең клуб һыуығына Түҙә алмаҫ берегеҙ. Бик көнбағыш ярғың килһә, Инеп ултыр клубҡа. Тик онотма килгән саҡта Уранып кил толопҡа. Ә мөдирен, мөдирен, тим, Инде ҡайҙа ҡуйырға? Күп ҡалманы, көтөгөҙ, ти, Пенсияға сығырға... ҠАЙМАҠ Дуҫҡа килдем. «Һаумы, Ким? Хәлдәр нисек кенә?» – тим. «Шәп кенә», – ти миңә Ким, – Кинәнергә лә мөмкин: Тәмле булһын, тип сәйең, Ҡаймаҡ һалды әсәйең... Алып шул саҡ ҡаймаҡты, Ҡараным ҡайтыр яҡты. Ҡайтып тиҙ-тиҙ ҡыуышҡа, Сәй ҡайнаған тауышҡа Бик шатланып ултырам, Сәйнүккә сәй тултырам. Төн дә матур: ай яҡты. Алам тоҡтан ҡаймаҡты. Ауыҙ һыуым ҡойола — Ҡапмай ҡалай тыйылам? Тиҙ-тиҙ яғып икмәккә, Ҡапһам, был ни! – Ҡаймағым... Булғансы, һай булмаһа, Иҙән буяуы лаһа!.. (Яратһаң шулай ҡаймаҡ, Бар икән күҙ аҡаймаҡ!) Ахун ауылы, Ҡарағай морон ПАРТКОМДА Ултыраһың, Сәғит, парткомда. Кәмә – ҡомда. Тарт ҡомдан! Яңы тирмән. Он юҡ элеккесә. Яңы бина. Эштәр иҫкесә. Минең иҫ-аҡылым етмәй, Ә һинең бит иҫ тә китмәй!.. Ҡоймаҡ бешерерлек он да булмағас, Ниндәй игенсе һин... Булма, ҡас! Телефоның яңы – автомат. Үҙең иҫке автомат. Тот та ат! Һөйләшәһе килде халыҡ хаҡында. Уйың да юҡ хаҡлыҡ хаҡында, Тик һин киттең үҙ юлыңдан. Ә мин киттем үҙ юлымдан. КҮҘ БУЯУСЫ Күҙ буяусы ҡырҡ алдарҙың Һүҙҙә эше ал да гөл: Тауығын да тауис итер, Тик тауыҡ тауис түгел. ҒАРИЗА Атым да юҡ, ҡатын да юҡ, Ултырам өйҙә яңғыҙ. Ҡатын түгел, ат һорайым, Атһыҙ минең эш һанһыҙ. Айҙан, көндән өр(ө)ккән бер Күк атты ла алдығыҙ. Ҡайтып эшләй башлауымдан Бер ҡайғыға һалдығыҙ... Нисә ҡабат керҙем инде Һиңә, иптәш директор, Өҙөп бер һүҙ әйтмәйһең һис, Әйтер инем... тороп тор! «Конедень» тип баш ватырға Ат көнө бит – тамсы ул! Ә таянған талың кем һуң? Ул бит йәштәр – комсомол. Шул йәштәрҙе алыштырма Бер хоҙайҙың малына. Ир-ат һүҙе – үҙе бер ат, Балта сапма талыңа... Ғаризамды кире ҡаҡһаң, Бәйлә аттың ялына. Ялынырҙай түгел инем, Тик эш өсөн ялынам. МЕҪКЕН Шыптыр-шыптыр... Әллә ямғыр, Әллә ҡомаҡ клубта?!. Юҡ, һин көнбағыш яраһың, Культуралы булып та! Әллә туймай килдең микән, Әллә ашың аҙ микән? Бүркеңде лә сисмәгәнһең, Әллә башың таҙ микән? Таҙҙар ҙа бит бөттө хәҙер «Ай сыҡты!» – тип көлөргә. Бирәндәр ҙә юҡ шикелле, Гел тығынып йөрөргә?.. Алйотлоҡ та китте беҙҙән, Саф-сәләмәт ауылдар. Тик бер һинең башта ғына Һеңеп ҡалған ағыу бар: Бик йыш ҡына һин клубҡа «Аҡ»ты һалып киләһең. Кешеләрҙең ялын боҙоп, Ҡыйҡыулайһың, көләһең. Шөрөптәрең етмәй тиһәм, Улар ҙа етә кеүек. Әҙәм кеүек йөрөй торғас, Ауаһың көлтә кеүек. Миңә йәл һин, меҫкен кеше, Меҫкен һинең «батырлыҡ». Ҡайһы саҡта һин батырҙы Утын итеп ватырлыҡ!.. КӘЗӘ-ЕГЕТ Әзмәүерҙәй бер егет Ултыралыр клубта. Лекцияға кермәй ул, Әйтеп түгел, ҡыуып та... Миндә эшең булмаһын, тип, Кәзә һуғалыр үҙе. Кешелер тип өндәшкәйнек, Сығып килә мөгөҙө! СПИРТТИН-ХӨСНӨТДИН «Был кем?» – тиеп һораһағыҙ, Был минең Хөсни ҡоҙа. Арыу ғына йөрөгәндә, Тота ла эште боҙа. Әллә ниндәй ғәҙәт унда — Әллә әшнәһе шешә? Шул шешәгә күҙе төшһә, Үҙе һикереп төшә. Әле һаман йөрөтә ул Комсомол тигән исем. Иҫкермәй ҙә, ҡартаймай ҙа Спиртлап ҡуйған өсөн!.. ТИМЕР ҠАҘЫҠ (Ике туған) Тимер ҡаҙыҡ, тимер ҡаҙыҡ, Кем һуң һине ҡуйған ҡағып? Һарат менән Буҙатты Кем һуң һиңә оҙатты? Ағай-эне талашыр, ти, Атҡа менһә, ярашыр, ти. Нисек итеп менәйек, Нисек ырыҫ бүләйек? Һиңә менеп, ҡалҡыр инек, Йондоҙ булып балҡыр инек, — Үҙебеҙ яҡын да һуң, Тик, йондоҙ, алыҫтаһың!.. * * * Күрмәгәнде күрҙем инде, Күрәһеләрем булғас; Сабата ла үрҙем инде, Үрәһеләрем булғас... Етмәгән тик етен талҡыу, Етмеш һәнәрем булғас... Етен талҡып, еп иләп, Киндер күлдәк кейҙерер, Һөймәгәнгә һөйкәлһәң, Күрмәгәнең күрҙерер. Көйҙөрөр ҙә һөйҙөрөр, Йөрәккә үрт тейҙерер, Сыраһыҙ ҙа көйҙөрөр... ДҮРТӘҮ БӘЙЕТЕ Дүрт батыр тип уйламағыҙ, «Дүртәү бәйете» тигәс. Был хәл булды дүрт батыр Ҡырҡ көн диңгеҙ гиҙгәс. Бер көндө күрше ауылдан Дүрт ҡыҙ, йыйылып бергә, Һыйыр һауырға киттеләр Мәғмүрйә тигән ергә. Алды улар ҡулдарына Комсомол путевкаһын. Исемдәре кем, тигәндәр Уныһын да отоп ҡалһын: Зинира, Айҙа, Фәһимә, Дүртенсеһенең – Кенә. Дүртеһе лә – комсомолка, Дүртеһе лә – йәш кенә. Шул дүртәүҙең араһынан Башлыҡ булды Кенәһе. Теләк теләп оҙатып ҡалды Һәр береһенең инәһе. Зинираны, Фәһимәне, Айҙа менән Кенәне Һауынсылар Мәғмүрйәлә Ҡаршы алды кинәнеп. Тик кинәнес тиҙ юғалды, (Ҡуян ҡыйғандыр юлды!) Һыйырҙарҙы күреү менән Айҙаның күҙ дүрт булды. Фәһимәһе бер һауындан Күнәген атып бәрҙе. Зинира ла кире һыҙғас, Кенә лә тоҡ күтәрҙе... Һауынсы булып эшләргә Елкәһе йоҡа икән. «Һөйгәне һуң кем?» – тимәгеҙ, Һөйгәне Йоҡо икән!.. Киткән саҡта дүртеһе лә Китте путевка алып. Иртәгеһен ҡайтып инде, Ҡойроҡто һыртҡа һалып. Хәҙер ҡыҙҙар әле унда, Әле бында һелкенә. Тик үҙенә урын тапмай, Кәләп һала бер Кенә. Әле салғы һелтәп ҡарай, Әле икмәк бешерә, Бер ҡайҙа ла эш бешмәгәс, Аяҡҡа көс төшөрә. Ағиҙелдең аръяғында Бер энәгә бер һыйыр. Әйтегеҙсе һеҙ Кенәгә, Бәлки ул шунда һыйыр!.. Илгә мәғлүм булһын, тиеп, Сығарҙыҡ был бәйетте. Ғәйепһеҙҙәр ғибрәт алһын, Ғәйеплеләр – ғәйепте!.. ҠУЯН ҺИҘИӘТ Ит ашаһаң – тешеңдә лә, Ашамаһаң – төшөңдә... Шул ит тиеп ҡарт көнөмдә Шелтә алдым эшемдә. Ҡуяны ла бала тапҡан, Тапмаған ҡуйыр урын. Ҡар өҫтөндә йылынып та Йәшәй ине бит борон!.. Шул бер тинлек ҡуяндары Ун тинлек зыян ғына: Уныһын тап, быныһын тап, Йоҡонан уян ғына... Ҡайҙан шулай балаһы күп, Мур ҡырғыр ҡуян ғына. Үлһә, тағы тыуыр, тиеп, Ҡул һелтәп ҡуям ғына!.. Комсомолдар йәнде игәй, Ҡуян да ҡуян, тиеп. Уяу йөрөгән кешегә Уян Да уян, тиеп. Шул ҡылый күҙҙәренән, тим, Ҡасырға ине ниәт. Тик ҡурҡам шул: көллөһө лә Әйтер – «Ҡуян һиҙиәт...» САТИРИК РЕЙД Йөрөй торһон күктә ай-йондоҙҙар, Беҙ хәҙергә ергә ҡайтайыҡ. Һәм ерҙәге һәр бер күренеште Үҙ исеме менән атайыҡ. Бына ерҙә ашлыҡ янып ята!.. Ниңә һис кем тотмай көрәген? Күпме байлыҡ яна! Ниңә янмай Кешеләрҙең тере йөрәге? Нисек был ҡыҙ уттай эш мәлендә Саң туҙҙырып, бейеп әйләнә? Кем һуң әле бынау егет заты, Йоҙроҡ төйөп, кемгә бәйләнә? Көлөү – көс бит! Көлөп көн итәйек, Кемдең кәкре үҙенә бармағы? Көлмәгәндең ауыҙы ҡыйыш булһын, Сығарайыҡ әйҙә «Ҡармағын». ТӘНҠИТ ҺӨЙӨҮСЕ Нисә ҡабат был түрәне Саҡырҙыҡ йыйылышҡа. Юҡ, килмәне. Был юлы ул Шуны әйтергә ҡушҡан: — Бер ай мунса кергәнем юҡ, Көтмәгеҙ йыйылышҡа. Тәнҡитләрмен үҙ-үҙемде Етерлек итеп ҡышҡа. Эй, сабынған мунсала ул, Үс итеп йыйылышҡа. Тәнҡит эҫеһе етмәгәс, Менеп ултырған ташҡа!.. НӘҮБӘТ Ауырыуҙар йорто. Нәүбәт көтә Сал сәсле бер инәй иртәнән. Үткән ғүмерҙән дә ауырыраҡ Үтеү уға ошо кәртәнән. Ул екһенеп ҡарай үтеп киткән Әҙмәүерҙәй бынау ир-атҡа. Ниңә күҙе сал сәстәрҙе күрмәй? Түрәлер шул – баҫмай сиратҡа. Ә бит ул да әсә улы! Уның ҡулы Эшләгәнме шулай күп эште? Кәмһетмәйме һуң ул бының менән Түшендәге ураҡ-сүкеште?.. ӘРӘМТАМАҠ Эҙләмәһәң дә табылыр, Төҫө шунан танылыр: Аш янында ат кеүек, Эш янында ят кеүек... УТ БУЛҺЫН! Беҙҙең өлкән инженерҙың Камил икән исеме, Камил булғас исеме, Камил булһын есеме: Әйткән һүҙе уҡ булһын, Уҡ булмаһа, юҡ булһын; Мут булһын, тип әйтмәйем, Фермаларҙа ут булһын! Унда малдар туҡ булһын! Ите-һөтө күп булһын. Егет заты булһа әгәр, Үҙендә лә ут булһын! ХАЖИ ӘФӘНДЕ... ҺӨЙЛӘНӘ Йыраҡтан балҡып күренгән МТМ-ның утымы? Мөдире шул МТМ-ның Аҫыл егет ҡотомо? Аҫыл егет ҡото булһа, Утты бушҡа яндырмаҫ; Көнө-төнө эшләһә лә, Ҡул-аяғын талдырмаҫ; Ярҙам һорап килгәндәрҙе Ялындырмаҫ, көттөрмәҫ; Саф алтындай сәғәттәрҙе Һыуға һалып түктермәҫ. Запчас бирһә, һорамаҫ ул Ярты аҡты-фәләнде... Баҡһаң... былай түгел икән Беҙҙең Хажи әфәнде!.. ТАРТАЙ ТЕЛЕНӘН Һауынсыбыҙ Тутыя ла Бөгөн тарихҡа керә. Бөгөн тарихҡа керә ул Теле оҙонға күрә. Телен уның, үткер телен Кем нимәгә оҡшата? – Һыйырҙарға үләнде лә Теле сабып ашата. Шуның өсөн Тутыяны Һеҙ «Ҡармаҡ»та күрегеҙ. Һыйырына, художниктар, Телен турап бирегеҙ! 1963 ҺЫНАУ Ни һуң миндә яҡты, Изге уттар яҡты, Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле – Һиңә бирәм, йырым, Ал һин уны, ал, күҙ нурым, Үҙең ала алған ҡәҙәрле... Ә ҡалғаны? Ҡый-ҡылғаны — Үҙем менән Бергә китер, бергә юғалыр. Әрекмәндәр йәйрәр унда йәйен, Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр. Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда, Башын эймәҫ, Сәскәләнмәҫ, бәлки, гөлдәр ҙә... Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер, Туҡтап тормаҫ иҫерек елдәр ҙә... Ятыр тәнем!.. Ә, шиғыр, һин – йәнем, Йән һөйгәнем, Үтә алһаң ваҡыт һынауын, Һөйлә кешеләргә кеше хисен Һәм йондоҙло заман һулауын... Шул заманым минең — Саф иманым. Иламаным, Ир булырға ул бит өйрәтте. Замандаш, тип тамаҡ ярмаһам да, Заман ярып үтте йөрәкте. Тик алданма арзан дан-шөһрәткә, Осҡан саҡта ғүмер юлынан. Йәшен балҡый тәүҙә, Күк күкрәүе Ишетелә бары һуңынан!.. * * * Туҡта, туҡта, ни күрәм: Был бит ялҡын һикерә!.. Ялҡын түгел, тейен ул, Эҙләп йөрөй өйөн ул. Ана тағы атылды — Алып ҡасты ялҡынды. Белмәй тейен балаһы Йөрәгемә ҡабаһын!.. * * * Яҙмыштың был әллә ҡарғышымы, Келәүеме әллә мыҫҡыллап? — Тауҙай итеп бирә ҡайғыларын, Шатлыҡтарын бирә мыҫҡаллап. Тау артылып, нәҡ зыңҡыта баҫып, Әсәм тиһәң мыҫҡал шатлығын, Бит ағыулап бирә уныһын да, Уныһын да яҙмыш-һатлығың!.. * * * Күңелемдә күпме йондоҙҙар бар, — Күренмәйсә ята күмелеп. Уларҙың бит бөртөк осҡонон да Тотонмаған әле күңелем. Былар барыһы һинең өсөн генә, Һинең өсөн генә һаҡланған. Эйә булыр бер көн уларға тик Сабый йондоҙҙарға һоҡланған. Йылдар буйы йыйып был йыһанды, Үҙ-үҙемдән йәшереп йәшәнем. Ал һин уны үҙеңдеке итеп, Күкрәсе һин, мин бит йәшнәнем!.. ҒӘҘӘТ Яратты ул түрәлекте, Белде түрәлек тәмен. Түрә булыуҙа күрҙе ул Йәшәүҙең бөтә йәмен. Көн һайын ул кешеләргә Әмер яҙҙы ҡоромдан: Береһен алды, береһен ҡуйҙы Алыштырып урындан. Бер көн килеп ул үҙе лә Төшөрөлдө түбәнгә. Тик ғәҙәте тороп ҡалды, Нишләһен һуң – өйрәнгән!.. Бүлмәһендә яңғыҙ ҡалһа, Әмер яҙа ҡоромдан: Ултырғыстарын булһа ла Алыштыра урындан! ҮЛӘНДӘР Ниҙер үлә миндә, ниҙер тыуа, Көн һайын мин үлеп тереләм. Күпме донъя үлә, донъя тыуа, Ә бит ерҙә мин тик бер үлән!.. Минән башҡа күпме үләндәр бар, Улар ҙа бит үлеп терелә. Яңырғанға шулай, мәңге улар Ҡояш нурҙарына үрелә... Үлгәне бар яңғыҙ тереләрҙең, Һаман тере бергә үлгәндәр... Шул берлектә йәне бөрөләрҙең: Үлән менән тере үләндәр!.. Яңғыҙ булһа улар, йәшәү яулап, Ҡаплай алмаҫ ине ер шарын, Атлай алмаҫ ине донъя буйлап, Йондоҙҙарға сөйөп баштарын... ТОРНАЛАР Йәй ҙә үтеп китте, ахыры, Һауалай бит торналар. Болоттарҙы аша сығып, Торройҡлай был торналар. Йомарт ерҙең емен тибеп, Тояҡланғас торналар, Лапаҫ-келәт баштарына Менде салғы-тырмалар. Торройҡ-торройҡ, тиһәләр ҙә, Тормаҫ инде торналар, Алыҫ юлға сығыр өсөн Күктә кәңәш ҡоралар. Ер үлсәгән таяҡ булып, Теҙелешкән торналар. Бригадирҙың шул таяғын Алып китмәк булалар... Алып китһә, килтерерҙәр Тағы таяҡ-тырмалар. Афәт кенә килтермәгеҙ, Һау булығыҙ, торналар!.. ТОРМОШ Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы: Балалыҡты, урлап, һындырҙы... Ҡайһы саҡта күҙҙән ут сығарып, Уңлы-һуллы биткә һыҙырҙы. Булды шундай көндәр — Теште ҡыҫып: — Их һин, тормош! – тинек, әсенеп, — Кем генә һуң уйлап тапҡан һине, Китмәйһең дә шунда сәнселеп!.. Барыһын да — Ҡайғы, шатлығын да Артыҡ яҡын алдыҡ күңелгә. Шуғалыр ҙа Уҙған йылдар эҙе Маңлай һыры булып күмелгән. Юҡ! Һыпырып ҡына ташлап булмай Йөҙөңдәге тәрән һырҙарҙы, — Бик йыш ҡына улар баҫып ҡала Күҙеңдәге йәп-йәш нурҙарҙы... Ә шулай ҙа Шәп нәмә һин, тормош! Беҙҙең ҡул да һине төҙөшкән. Шундай бөйөк заман бәхете бит Төшкән бына беҙҙең өлөшкә! Ҡыйын да һин, Ҡыҙыҡ та һин, тормош — Күтәрелеү кеүек ҡаяға... Ниндәй үкенесле булыр ине, Тыумай ҡалған булһаҡ донъяға!.. ҺАТЛЫҠ ЙӘНГӘ Әй һин, илен-телен һатҡан бәндә, Дер ҡалтырап ятҡан мәлеңдә, Һинән хатта ҡәбер тарһынырлыҡ, Үлем сирҡанырлыҡ йәнеңдән. Харам һиңә йылы күкрәк һөтө, Харам һиңә бишек йырҙары. Харам һиңә һөйөү, күҙ йәштәре, Ҡош һайрауы, ҡояш нурҙары... * * * Һабантурғай, һабантурғай! Оса йырын яуҙырып. Дуҫтарыма – йөрәгем ул, Дошманыма – йоҙороҡ. Йомолоп бер ергә төшһә, Күренмәй ҙә ул күҙгә. Тик еренән күккә менә, Йырын алып, ул һеҙгә. Тик осонда һайрай торған Берҙән-бер ҡош – был ҡошом. Яҙмышына ошо ҡоштоң Оҡшаш мәллә булмышым? * * * Яңы йылым—яңы йырым, Яңы йылым – яңылыҡ. Һулар һауам яңы минең, Ышанысым – яңы, ныҡ!.. * * * Бүлмәм ҡояшлы, йылы, ҡояшлы, йылы — шиғырым юлы... Белмәм мин нурҙан туя, моң-йырҙан туя — ғәжәп был донъя! Тышта төрөнөп бәҫкә, сумып хуш еҫкә, атҡан ҡыш сәскә. Ҡышта мин яҙҙы тоям!.. тик ҡурҡып ҡуям, шиңер, тип, донъям... БАЙЛЫҠ Артыҡ бай булыу ҙа ауыр икән: Йоҡоң – йоҡо, Ашың аш түгел... Төрлө хистәр, Төрлө уйҙар ҡайнай, Йөрәк – йөрәк, Башың – баш түгел. Шулай итеп, Һин секретарь хәҙер — Ауыл йәштәренең башлығы!.. Һинең ҡулда Көтөү-көтөү малдар, Яландарҙың тау-тау ашлығы. Бына атың. Бүлмә. Тынғы белмә: Эшлә йәй-көҙ, Эшлә яҙ-ҡышын. Эҙлә, Тап һин Һәм ғәмәлгә ашыр – Һинең ҡулда кеше яҙмышы!.. Көтөп ятма, Ҡарға балаһылай, Юғарынан әҙер емеңде. Һин етәксе икән, Һин шағир бул, Һәм һыҙғанып эшлә еңеңде. ЙЫР ҺУҠМАҒЫ Йөрәгеңде ус. төбөндә тотоп, Ҡырлас ҡаяларҙың аҫтынан Һыбай үтеү – үҙе бер ғүмер бит: Елеп осҡан ҡошто яҫҡыған Еңел түгел?.. Көтмә еңелде!.. Бөркөт һымаҡ той ҙа һин үҙеңде, Боҫобораҡ эйәр ҡашына, Ҡыҫыбыраҡ тотоп теҙгенеңде, Яҙа баҫмай ҡая ташына, — Ҡотороноп, шаулап, өйөрөлөп Сыйҙым киткән йылға өҫтөнән, — Ҡыл күперҙән сығам тиһәң дә, — Бер ҙә ҡурҡмаған төҫ менән Сыҡ та кит һин, әйҙә, тын да алмай!.. — Серен асыр шунда Ҡутҡантау, Ҡатлау-ҡатлау ташы боронғо бер Серле китап булып ятҡан тау; Серен асыр шунда ҡарт ҡарағай: Ни һуң уны шулай ир иткән, Ел-дауылға нисек бирешмәйсә, Тамырҙары ташҡа ереккән?.. Таш та телгә килер – тап әҫтәтен, Тел шишмәһен асыр ул тағы, Юҡ, һайлама таҡыр юлдарҙы һин, Йырға илтер тик үҙ һуҡмағың!.. * * * Арабыҙҙа күпме заман ята, Ниндәй алыҫ беҙҙең арабыҙ, Мин уйлаған уйҙы ул да уйлай, Тик һаман да бергә барабыҙ. Ул да ғазапланған, яңылышҡан, Һәм моңайған айлы кистәрҙә. Ниндәй генә алыҫ булмаһын ул Уртаҡлыҡ бар беҙҙең хистәрҙә. Дөрөҫлөктө янып, талап эҙләп, Уның да бит сиккән ғәйрәте. Өмөтләнеп тағы алға баҡһа, Ваҡ тойолған донъя ғәйбәте... * * * Шиғырҙы күпме яҙҙым, Юҡ бит, юҡ шиғырҙарым! Һайыҫҡан кеүек, ахыры, Ғүмергә шығырларым... Улай тиһәң, тимерсе лә Йәлсемәй бит бысаҡҡа. Урмансының утыны юҡ Ут яғырға усаҡҡа. Игенсе лә, иген игеп, Игендән юҡ туйғаны... Бер мин генә түгел әле Шулай донъя ҡуйғаны! АХИЛЛ ҮКСӘҺЕ (Мәҫәл) Баҫҡан саҡта Ахил үксәһен, Һәр кем белеп, үҙе үлсәһен: Һәр кемдең бар йомшаҡ яҡтары, Айҙың да бар ҡара таптары. Кемдән кемдең ҡото осҡанды, Фил дә белә, күрһә сысҡанды. ҠАНДАЛА (Мәҫәл) Ҡанһыҙ, Ҡомһоҙ, Ҡурҡаҡ ҡандала, Төнө етһә, Тәнде талай, Йәнде ала!.. Ваҡытында донъяла Көслө икән ҡандала! * * * Халҡым тел тыуҙырған. Бөйөк бер тел! Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә... Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте, Үҙен-үҙе әгәр күммәһә... Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына? Шул ғәмһеҙлек күҙгә күренмәгән Кәрәк тотмағанмы ҡулына? * * * Күпме көнөң мәғәнәһеҙ үтә Һәр сәғәтең изге булғанда. Сәғәт кенә түгел, ғүмер үтә, Бер ғүмергә кеше тыуғанда... Иҫем китә ҡайһы берәүҙәргә: Юҡ артынан ҡыуып йөрөйҙәр; Их, был ҡарҙар, ҡарҙар, тимен, Ергә төшмәҫ элек ирейҙәр. Мин йәлләйем ошо ваҡыттарҙы, Был ваҡыттар миңә булһасы. Ниңә миңә?.. * * * Шулай ғүмер һөрҙөм: һөрҙөм ерҙе, Бесән саптым, саптым аттарҙа. Атҡанда таң, таң ҡалдым мин ергә. Шиғыр яҙҙым, яҙҙым аҡылдан. Кистем йылға, йылға йыл өҫтәп, Ғүмер үтте... ҺУҢЛАҒАН ЯМҒЫР Яуа ямғыр, ҡоя ямғыр, Көн-төн яуа өҙлөкһөҙ. Эй ямғырҙар, ниңә шулай Яуманығыҙ элек һеҙ? Ҡуш ҡул менән, дүрт күҙ менән Көттөк һеҙҙе аяҙҙа. һыуһап көттөк, сарсап көттөк, Ялбарҙыҡ ҡыуан яҙҙа. Мин дә тәүге күкрәү менән Көттөм һеҙҙе, болоттар. Көйөп яндым, һөйөп яндым, Инде һүнде был уттар... Хәҙер яуа, өҫкә ауа, Файҙанан күп зыяны. Үтер, бәлки, китер, бәлки, Баҫалмайса донъяны. Ваҡытында яуһа, күпме Булыр ине емеше. Һөйөүеңде ҡыҫыр ямғыр Итмә шулай, эй, кеше! * * * Иҫ киткес һеҙ, туған моңдар, Иҫерткес тә һеҙ, йырҙар!.. Йыр-моң юҡта ай-йондоҙҙар Ҡайҙан еткерһен нурҙар? Ярай әле йырҙар тыуған, Был донъяға йәм биреп, Дәртһеҙҙәрҙе дәртләндереп, Ғәмһеҙҙәргә ғәм биреп. Бәрхәт моңло, ебәк телле, Халҡыбыҙ бай йырсыға. Алдыбыҙға көндәй балҡып, Инде бер йырсы сыға. Ҡарағаттай – ҡара күҙҙәр, Ирендәр – бешкән сейә... Ҡалған яғын йыры һөйләр, Йырласы бер, Шәмсиә!.. * * * Булманы был тормош! Булды бары Ниндәйҙер бер тормош йораты... Ярай әле, тиҙерәк китер өсөн Ярһып тора тышта туратым. Өҙәңгегә аяҡ тейеү була, Өҙгән кеүек беҙҙең араны, Осҡон сәскән тояҡ аҫтарынан Борҡоп ҡала туҙан бураны... Ҡалайыраҡ ауыҙламаҡ була, Ҡалай тотмаҡ була теҙгенде... Мә, тот! Ос, турыҡай! Ос, әйҙә, ос!.. — Үткәрербеҙ ҡырҙа беҙ төндө... Туҡта! (Йөрәкһегән. Саҡ туҡтаттым Аҡ күбеккә батҡан туратты.) Ғәфү ит һин мине, Турыҡайым! — Ниңә һуң мин уны яраттым?.. * * * Әллә ҡайҙа шиғыр эҙләйем, Тирә-яғым шиғыр булғанда. Һәр бер япраҡ шиғыр түгелме, Бөрөһөнән морнап тыуғанда? Һәр бер ботағында ағастың Йүгереп йөрөй йәм-йәш япраҡтар. Шундай тере, шундай уяуҙар... Ҡойолорҙар бер көн улар ҙа, Мәңге түгел улар ғүмере. Ләкин үҫер фекер ағасы, Шул япраҡтар менән ул тере. АЛТЫН ДАҒА Сәмиғуллаға Дағалаттым туратымды Алтын даға-сөй менән. Йыр сығарып киләм әле Шуға көмөш көй менән... Һай, туратым, туратым да, Тып-тып килә дағаһы, Әллә сыҡты ҡанаты ла, Дағалағас ағаһы... Ул ағайың кем һуң? – тиһәң, Сәмиғулла – ул оҫта. Бөкһә дағаны бөгөрлөк Ҡеүәт икән был дуҫта! Күк тимерҙе бешерҙе лә, Һалҡын һыуға төшөрҙө, Ҡаҡты-һуҡты, көйҙөрҙө лә, Алтын даға кейҙерҙе... Бейеп китте, һай, турыҡай, Йәне икән дағала! Кисеүҙе лә кисеү тимәй, Таш-тауҙы ла яғалай. Тилбер атлап уҙһа юрғам, Көнләшеп ҡала ҡыҙҙар, Сапһа, саң болото борҡоп, Сәсрәп ҡала йондоҙҙар... Һай, туратым, туратым да, Алтын икән дағаһы, Алтын даға булмаҫ ине, — Алтын икән ағаһы! ЯҘЫЛМАҒАН ШИҒЫР Был һылыуға күҙ төшмәһә, Рәнйер, тинем, матурлыҡ. Әллә ҡайҙан килде шунда Тәүәккәллек, батырлыҡ. Һүҙ ҡуштым мин һылыуыма: «Ҡыҙыҡмы? – тип, – был китап». (Ә үҙем бит был китапты Күптән бөткәнмен ятлап.) Йылмая ҡыҙ. Әйтерһең дә, Минең һүҙ ҡыҙыҡлыраҡ. Тик үҙе янда булһа ла, Аралар әле йыраҡ. Ә шулай ҙа һиҙеп торам Инде ҡалмаған йыраҡ... Яҙылмаған, шиғыр, ахыры, Яҙғандан ҡыҙыҡлыраҡ. * * * Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә, Йыйнаҡ бүлмәң, тыйнаҡ өҫтәлең, Белмәй нисек ҡәҙер итергә лә, Шарабыма шарап өҫтәнең. Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә: Таңын аттырғанда ул төндөң, Ни өсөндөр, күҙ йәштәрең менән Кәрәкһеҙгә ғәфү үтендең... Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә: Һулҡып һыҙлай ине йөрәгем. Аймылышҡас йәшлек таңдарыбыҙ, Бар инеме бының кәрәге? Хәтеремдә ул төн, хәтеремдә, Булмаһаҡ та башҡа беҙ бергә, Аҡ ҡар яуған аҡ ҡанатлы төндө Онотаһым түгел ғүмергә!.. * * * Зәңгәр күҙле бер әкиәт һин миңә, Ә мин бик үҙ һүҙле бер бала: Мең-мең ҡабат һине тыңламайса, Тынысланмам, ахыры, донъяла. Бер генә кис, серле ай һымаҡ һин, Һирпенең дә сағыу нурыңды, Болоттарға сумып, күҙҙән яҙҙың, Ҡалдырып тор көмөш йырыңды. Күҙ алдымдан китмәй ай таптары — Йөҙөңдәге ваҡ-ваҡ һипкелдәр. Ҡайҙа юғалдың һин, нур йомғағым? Сыҡ тиҙерәк, ергә һип гөлдәр!.. * * * Оса йылдар, Оса юлдар, Ғәләм караптарылай!.. Йәшәй кеше, Эшләй эшен, Ғазаплана – арымай. Йәшәүенә, Эшләүенә, Инде нисә йыл тула!.. Ә йөрәге, Бар теләге Тик йәшлеккә ынтыла. Бер табылған, Гел табынған Аллаһынан да көлә. Һүҙ белмәгән, Күҙ күрмәгән Көндәр күрәһе килә!.. * * * Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ – ике... Беҙ икебеҙ инде – ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Минеке – был уйҙар, ай-йондоҙҙар, Минеке – был моңһоу тоноҡ һыу, Минеке – был таныш яҡты һағыш, Минеке – был ярһыу, болоҡһоу... Үкенмәйем һине осратҡанға, Булмағандан яҡшы – булғаны: Һин минеке булып тыумаһаң да, Һин минеке иттең донъяны!.. * * * Йылдар үткәс, онотолоп бөткәс, Һис бер көтөлмәгән шылтырау Йәшен һуҡҡан һымаҡ тетрәтә лә Ҡолағыңда сыңлап гел тора... Алыҫ хыял, өҙгән өмөттәрең Алҡымыңа килеп тығыла, Алҡымыңа килеп тығыла ла Тереләһең үлеп тағы ла... Күҙҙәренең зәһәр зәңгәрлеге, Ҡосоп ҡыҫылмаған буй-һыны, Һурып үбелмәгән ирендәре: «Мин – һинеке» ти, буйһоноп. Тик һуң инде, Тик һуң инде! Ниңә шулай бәхет Һуңлап килә икән кешегә? Йөрәгеңдә инде ут ҡалмағас, Бараһыңмы һорап күршегә? * * * Ниндәй төн был? Ниндәй айлы төн был! Үлгем килә хатта был саҡта. Үлгем килә... Тик мәңгегә түгел, Бер минутҡа – һинең ҡосаҡта!.. * * * Яттым бер көн туған Ҡаратауҙың Үркәсенә һалып башымды. Сатырҙарын сайҡап ҡарағайҙың, Ләүкен-ләүкен усаҡ шашыуы. Ай аҫтында ятты Йүрүҙәнкәй, Салауаттың, гүйә, ҡылысы!.. Һәм үрелеп тауға ул тыңланы Салауаттың йырын – был ысын. Ҡаратауҙың партизаны... Ултырғанда усаҡ янында... Аҡ ҡайындар араһынан сығып, Ап-аҡ сәскә тотоп ҡулыңа Һин килгәйнең... Ул сәскәне йылдар йөрәгемдән, Йөрәгемдән өҙә алманы!.. * * * Юҡ, яратма мине, Тик һөй генә. Мин тип ҡайғырма ла, Тик көй генә!.. * * * Бер ҡасан да шулай үҙ-үҙемә Сикһеҙ йәл булғаным юҡ ине. — Һаҡламаным һиңә мин үҙемде, — Тип әйтмәйсә, миңә һуҡ ине!.. Һаҡлағанға һиңә мин үҙемде, Ут сығарып күҙҙән һуҡ инде! Үҙ-үҙемә шулай бер ҡасан да Сикһеҙ йәл булғаным юҡ ине... * * * Бир һин миңә, һылыу, бир күҙеңде, Ә үҙеңде һаҡла иреңә. Мин тик әсәм утлы иренеңде, Ҡомһоҙланып, белмәй иренә. Бир һин миңә, һылыу, бир йәнеңде, Ә тәнеңде һаҡла иреңә. Ҡалһын әйҙә уға ҡабыҡтары, Ә һутыңды бир тик йәреңә. Бир һин миңә, һылыу, бир уйыңды, Ә буйыңды һаҡла иреңә. Ул гүреңә әле өлгөрөрһөң, Бәхетһеңдер күңел түренә. ШАҒИР ШТАТЫ ...Әле беҙҙә шағир штаты юҡ — Ни һуң тартты һине ҡайтырға? Ҡайҙан тотоп һиңә эш башларға, Ҡайһы йөктө һиңә тартырға? Бына ошо хаҡта райкомда Беҙ секретарь менән һөйләштек. Тынып ҡалдыҡ оҙаҡ, Һәм ул аҙаҡ Бирҙе миңә шундай кәңәште: — Ер һөрөүе яҡшы, маҡтаулы эш, Насары юҡ һис тә эштәрҙең. Ләкин бына... нисегерәк булыр, Һин башлығы булһаң йәштәрҙең? Бына ҡайҙа сиҙәм! – Көн-төн күтәр, Ҙурырағын ал, дуҫ, эш-йөктөң. Сәүкә-ҡарға эйәрткәнсе, әйҙә, Һин артыңдан эйәрт йәшлекте!.. Эйәрт, ти бит!.. Әйтеү генә анһат! — Ҡайҙа минең уттай йәшлегем? Тик партиям миңә үҙе ҡушҡас, Мин, йәш булмаһам да, йәш бөгөн!.. * * * «Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин йәнең менән, Тәнең менән, хәлһеҙ буйһоноп, һыйынаһың үҙең, әйтерһең дә Һарылып үҫкән миңә буй-һының. «Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин йәнең менән Йәнең алдай, тәнең алдамай. Үҙең булғас, һүҙең нимә миңә?.. * * * Әйтерһең, мин сикләйем Һинең иректе,- Әйтерһең, мин бикләйем Һинең йөрәкте. Ниндәй көлкө был һүҙең, Ул ысын булһа... Бул ирекле: йөрәгеңдә Мөхәббәт булһа! Матурыраҡ булыр инең, Һәм бәхетлерәк. Мин дә һоҡланыр инем Ут, тип, был йөрәк... ЕР УЛЫНА Мин белмәйем ниндәй сағыштырыу, Ниндәй һүҙҙәр генә оҡшарын. Һин, турниктә әйләнгәндәй, бына, Зыр әйләнеп сыҡтың ер шарын!.. Һинең хаҡта иң-иң көслө һүҙҙе әйткем килә... Булмай! Юҡ һүҙем. Батырлығың — иң ҙур матурлыҡ ул, иң көслө йыр Бөгөн һин – үҙең!.. * * * Һүҙ – ул үҙе бер һылыу ҡыҙ, Ә мәғәнәһе – егете. Бер-береһенән айырылмаҫ, Тотһаң Хафиз егетен. ӨЛГӨ — Күк көмбәҙе күм-күк быяла, Ниндәй оҫта уны ҡыя ала! Ҡыйып, ҡайҙа өлгө ҡуя ала? Ҡуя алһаң, ҡайҙа алмасың? Ҡуй йондоҙға әйҙә юл асып. — Тик етерме уға ҡоласың?.. — Талмаҫ ҡанат ҡуйып илһамға, Тәҙрә астыҡ инде йыһанға, – Һанамайбыҙ уны беҙ һанға. Уҙа алыр икән кем беҙҙе?.. Күрәһеңме күктә аҡ эҙҙе? — Алмас һымаҡ ҡыя көмбәҙҙе?.. Юлдан ситкә ҡайырғайны Атҡайым башын, Атың йүнһеҙ ат икән, ти Миңә юлдашым... Йүнһеҙ, имеш!.. Ни белә ул Атым хаҡында? Ат йөрөткән белә атты, — Артыҡ алтындай! Ни бар икән аттан яҡшы, Үҙ юлын белгән? — Аҡыллымдың ни бары тик Әсәһе килгән!.. Байлығым һин, изге һәнәрем, Тик һин һүнгәс, мин дә һүнәрем. Арыһам мин, елкәм талһа, Һуңғы яҙыр юлым ҡалһа, Тик иренде генә тешләйем, Йөк ташыусы кеүек эшләйем... Аптырайым мин аҙаҡтан — Күпме ләззәт был ғазапта. ҮЛЕМ Үлем! Үлем тере, Үлем йөрөй, Үлем ята аяҡ аҫтында. Күрергә лә уны өлгөрмәйһең, Ә һин уға инде баҫтың да, Киттең был донъянан, Мәңгелеккә, Ғүмерлеккә — Кире ҡайтмаҫҡа, Һис бер йырламаҫҡа, Иламаҫҡа, Һөймәҫкә һәм сәскә атмаҫҡа. Үлем! Мәкерле бер ҡара йылан, Һәр кемгә лә етә ҡаяуы, Бер кемгә лә Яҙмыштан юҡ уҙмыш, Бер кемгә юҡ уның аяуы. Ләкин Үлемдә лә матурлыҡ бар, Илем, тиеп үлһәң яуҙарҙа. Матур – кеше, Эшләп оло эшен, Эш өҫтөндә үлем ауҙарһа... Янды Бруно Майҙан уртаһында, Уттарында урта быуаттың. Ләкин ниндәй ялҡын ҡабыҙҙы ул, Ниндәй хаҡлыҡ уны йыуатты! Уйҙарыңдан кире ҡайт! — тип үлем Кеше фекеренә бәйләнде. — Ә шулай ҙа Ер әйләнә, – тиеп, Сал Галилей фәнгә әйләнде. Кешелектең пәйғәмбәре булған Хатта Марксты ла тәбиғәт Аяманы – алды! Ләкин ҡалды Үлемһеҙ бер бөйөк тәғлимәт... Ильич һүнде төҙәп яңы илде, Хыял илен төҙөп донъяла. Кемде харап иттем, тиеп һаман Үҙ эшенән үлем ояла. ГӘРӘБӘ Михаил Дудинға Ниндәй мөғжизә һуң был гәрәбә!.. Күрҙем унда мин бер серәкәй. Бынан бик күп, мең-мең йылдар элек, Бер ниндәй ҙә оло сер әйтмәй, Тик сайырға сумып ҡалған да ул Килеп еткән беҙҙең заманға... Мин көнләштем хатта шул мәхлүктән, Ул мәңгегә тороп ҡалғанға. Эйе, мин – мәңгелек тигәндәй ул, Өлөшөнә төшкәс йәрәбә. Серәкәйҙе түгел, йөрәккәйҙе Һаҡлап ҡалһа икән гәрәбә!.. * * * Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан, Мин кешегә сикһеҙ ышандым. Шуға ла мин йәнем-тәнем менән Күрә алмайым төрлө мещанды. Ул ағыулай һулар һауамды ла, Ул йәберләй минең телемде, Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән Сәскәләрен өҙә илемдең. Ҡулдарымдан килһә, мин уларҙы Аҫып ҡуйыр инем сәсенән. Тик ҡулымдан килмәй! Улар күптәр, — Шуға әрнеп, шуға әсенәм... Шуға ла мин васыят итеп әйтәм Кешеләргә, эшсән халҡыма: Таҙартһындар ерҙе шул дошмандан Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына! СӘСЕҮГӘ ТӨШКӘНДӘ Йоҡлай алмайым мин, йоҡо алмай, Бураҙнаға орлоҡ төшкәндә. Ятҡан ерҙән тағы ырғып торам, Тәмәкемдән тәнем бешкәндәй. Болоҡһота бынау ҡыйырсыҡ-ай Ҡош юлы ла ҡырға саҡыра: Әйтерһең дә, кемдер түгеп киткән Алтын бойҙай ята баҙырап!.. Тире лә бит ҡатып өлгөрмәгән Турыҡайҙың сисеп тышауын, Эйәрләй ҙа тағы ҡырға сабам Ҡаршыларға яҙғы таң шауын. Ҡаршы елә ҡылдай бураҙналар, Ҡаршы елә ялан уттары. Боҫрап ятҡан дымлы ер еҫенән Икмәк тултырғандай урттарым. Өҙәңгенән бәрхәт бураҙнаға Һикереп төшөп, батып торғанда Сихри ҡулдар миңә уйнай һымаҡ Мөһәбәт бер көйҙө органда. Шул моңдарҙан бына үҙ-үҙемә Бер Бетховен булып күрендем. Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән Мин күкрәүен йоттом еремдең. Тик минһеҙ ҙә тулы был тантана, Киләм, ләкин, киләм мин ҡырға: Бәлки, был саҡ унда егеттәрҙең Тәмәкеһе юҡтыр тартырға?.. * * * Көн дә иртән, көн тыуғанда тороп, Сығып баҫам диңгеҙ ярына; Һәр тулҡыны уның моң килтерә, Һүҙ килтерә минең йырыма. Зәңгәр тулҡындарҙан күҙҙе алып, Ҡарап торһам тауҙар ҡарына: Һәр бер ташы, һәр таштағы гөлдәр Һүҙ ырғыта минең йырыма. Баҡсаларға инһәм, һәр бер япраҡ, Сумып йылы ҡояш нурына, Һүҙ яуҙыра минең йырыма. Диңгеҙ нисә быуат буйы Шымартҡан был алмас һүҙҙәрен. * * * Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин, Көнөм – эштә, эштә – төндәрем. Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй, Таштан ҡаты, ятһам мендәрем. Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур, Артҡан һайын арта ҡәҙере. Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк, Алмаҫ элек мине ҡәберем. Тоям инде: ул көн килеп етер, Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең: һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп, Эшләһәң һин эшлә емереп! Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын, Дошманыңдың йәне туңғанын. Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһың, Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның. * * * Мине һаман йәш-елкенсәк тарта, Йылдар сәсемә сал һалғанда. Ғүмер үтә. Ә үҙемә минең Ун туғыҙ йәш һымаҡ һаман да. Тик белмәйем: нишләргә һуң миңә — Иларғамы әллә көлөргә? Ун туғыҙҙар теләмәйҙәр мине Йәштәштәре итеп күрергә. Әсе хәҡиҡәт тә юҡ уларға, Үтмәгәндәр әле был юлды. Болоҡһоған һул яҡ күкрәгемә, Ут баҫҡандай, һалам уң ҡулды. * * * «Ниңә өндәшмәйһең?» – тиһең миңә, Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме? Сәләм әйттем, ана, таң еленә — Уны әллә иш итмәйһеңме? Шыбыр-шыбыр килә япраҡтар ҙа, Көн дә тыуа минең яғымда. Ағиҙел дә аға минең яҡтан... Мин – япраҡта, нурҙа, ағымда. Ә һин, өндәшмәйһең, тиһең миңә, Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме? Йөрәгем дә тибә һин тип кенә, Уны ла һин иш итмәйһеңме?.. * * * Һау-сәләмәт үҙем, һис үпкәм юҡ. Биргән хоҙай ләкин бер сирҙе: Һәр бер кеше миңә оло сер ул, Мин йәшәйем сисеп шул серҙе. 1983 Мин һағынам һәр саҡ кешеләрҙе, Кешеләрҙән туя алмайым. Был ауырыу инде төҙәлмәҫ, тип, Ҡулды һелтәп ҡуя алмайым. «Ниҙән шулай, ниңә ауырыу?» тип, Сәбәптәрен һорай элек сир. Унан янам мин яуаптар эҙләп, Шул яныуҙан табам элексир. * * * Торам хәтәр юл сатында, Белмәй ҡайҙа китергә. Сабырлығым етмәй минең, Ҡалай сабыр итергә? Ниндәй тупаҫ яңғыҙлыҡ был, Юҡ йыуаныр йондоҙом. Мин арыным инде буғай, Арыным бик яңғыҙым. Көт, сабыр ит, тиҙәр миңә, Ваҡыт, тиҙәр, һүҙ әйтер. Ләкин күңел ул үткәнде Нисек тыныс күҙәтер?.. УЯНЫУ («Замана елдәре» циклынан) 1 Африка – донъяның Ҡанлы бер күҙ йәше, Ҡанлылыҡта уның Юҡтыр, юҡ тиңдәше. Был донъя йөҙөндә, Уның күк күҙендә, Күрсе, күр һин, кешем, Ошо ҙур күҙ йәшен. Диңгеҙ бит ҡыҙарған Был ҡанлы күҙ йәштән, Диңгеҙ бит тоҙланған Был тоҙло күҙ йәштән. Тик заман елдәре Илтә үҙ көндәрен, Донъяның ҡолдары Сисә үҙ ҡулдарын. Уларҙың күҙҙәрен Яҡтырта ут-йәшен, Замана елдәре Һөртә был күҙ йәшен. 2 Африка – донъяның Һап-һары япрағы. Унан да һарыраҡ, Ҡарараҡ – ни тағы? Һағыштан һарғайған, Ҡайғынан ҡарайған Африканың йөҙө, Африканың күҙе. Томалап аҡылын, Алғандар алтынын. Һарғайып, ҡарайып, Ул көткән ал таңын. Уның бар көткәне — Үҙенең үткәнен Өҙгәләп ырғытыу, Сөйөп бер яңы тыу. Замана елдәре Илтә үҙ көндәрен: Өҙөлөр ул япраҡ, Сөйөлөр ал байраҡ. Африка – донъяның Бер оло йөрәге, Алданған, хурланған Отелло йөрәге. Отелло йөрәге — Ул түҙмәҫ йәбергә, Ул үҙен йәберҙең Бер тығыр ҡәбергә. Ул тибә, ул яна, Йәшәүгә уяна, Уяна ул йөрәк, Уйлана ул йөрәк. Донъя бит – ҡуласа, Хаҡлыҡҡа юл аса: Иҙгәндәр ирекле Булмаҫтар һис ҡасан! Донъяла һәр йөрәк Тик теләй бер теләк; Иҫтә тот, заман, ныҡ: Ул теләк – Азатлыҡ! Азатлыҡ! Азатлыҡ! * * * Уйҙарымды уйлап ята торғас, Тын алырға хатта онотам. Унан ҡапыл, ҡотом осоп бына, Йөрәгемде ҡапшап мин тотам. Тибә, тибә әле, тибә йөрәк! Ҡараңғыла шуға йылмаям. Аҙаҡ, ут ҡабыҙып, ҡәләм алам, Һәм төтөнөм быҫҡый (донъяла). Әле минең запас папирос бар, Башҡа бер ниҙең юҡ кәрәге. Бит донъяла, оло был донъяла Минең дә бит тибә йөрәгем! ШЫРШЫЛАР ШАТЛЫҒЫ Ҡустым Уралға Һөйгән ҡыҙын күргән кеүек ҡайта, Арыһа ла егет эшенән. Эстән генә уға һөйөнәм дә, Көнләшәм дә ошо кешенән. Ылыҫ еҫе аңҡый кейеменән, Ҡыҫһа, ҡулы ҡулға йәбешә: Көнө буйы күпме бағанаға Бер менә лә ул бит бер төшә! Тимер ырғаҡ кейеп аяғына, Менеп китә, йылғыр тейендәй. Күп тә үтмәй, шыршы ҡолағында Аҡыҡ алҡа көнгә емелдәй. Һырғый был шыршылар, көйәнтәләп Һыу ташыған уңған килендәй, Иңдәренә ҡорос сымдар аҫып, Ут ташыйҙар көн-төн илемдә. Ут ҡынамы? Бит киләсәк килә, Ҡустым, һинең һуҙған сымыңдан! Шул шатлыҡтан, ахыры, шыршыларҙың Сайырлы күҙ йәше йымылдай?.. ИҢКЕШ Һары, ҡара, аҡ буй төҫлө, йөнтәҫ Иңкеш килеп инде бүлмәмә. Килеп инде лә ул хужа булды. Геүләй!.. Етер, тимен, геүләмә! Әллә ниндәй эшем эйәһеме, Уранғылап йөрөй һәр ҡайҙа. Үрле-түрле йөрөп, Һаман геүләй!.. Геүләүенән, ләкин, ни файҙа? Ә шулай ҙа геүләй. Тына белмәй, Ни тиһәң дә, ҡәһәр уға аҙ. Түгелме был, әҙер балды йыйып, Күкрәк һуғып йөрөр буш боғаҙ?.. * * * Йоммайса йәшел күҙҙәрен, Серем итә һил урам. Баш осонда – ай-мендәре, Ҡош Юлы уға – юрған. Баҙлауыҡ баҙлай үләндә, Һәр аҙым баҫҡан һайын. Иҙергә ҡурҡып еләген, Ойоп тора аҡ ҡайын. Өкө лә ҡуя ухылдап, Юраған һымаҡ юҡты. Ай ауып төшкәс шыршынан, Нығыраҡ ҡыҫам мылтыҡты. * * * Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы. Түгел тал да, түгел ҡайын да. Һин, моғайын, нәҡ Ҡыҙылдың үҙе, Эйе, үҙе – ташҡын айында!.. Күҙҙәреңдә һинең барыһы ла бар: Яҙ наҙы ла, ҡара упҡын да, Тыйылғыһыҙ дәрт тә, ҡайғы ла бар, Шом да, моң да, сая тулҡын да... Кәкүк һағышы ла бар уларҙа, Бар уларҙа нәфрәт йәшене, Бар дәһшәтле тәүәккәллек, Сабыйлыҡ та илай, йәшенеп... Ҡуй, илама, ҡыҙый, һин ҡурҡҡан, Һин ҡырҡҡан Ҡырҡты тауың бар. Таш ҡулдарын мамыҡ тулҡын итеп, Үткәнеңде йыуыр таңың бар... 1964 ТАБЫНЫУ 1937 (Поэма) Алла ла, батша ла, батыр ҙa — Азат итмәҫ бер кем беҙҙе. Бары үҙ ҡулдарыбыҙ менән Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе. («Интернационал»дан) I Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап, Илем минең изге ителә. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә, Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене хурлап Илем минең етем ителә. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл! Әйт дөрөҫөн, заман үтенә: Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете һуйыл Мираҫ инеме Ун Етенән?.. Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана? Бер осоңдан һинең балың тамһа, Бер осоңдан ниңә ҡан тама?.. II Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Ҡотоптарға осоп етелә; Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә, Баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә Аҫыл ирҙәр алып кителә... Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Оло байрам, һабан туйындай; Бер ҡараһаң, утыҙ етелә, Урман йыҡҡан ҡара ҡойондай, Аҙмы аҡыл харап ителә, Күпме күңел нахаҡ кителә!.. Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Бөтә илем сәскә атҡандай, Хөр емештәр өҙөп ҡапҡандай; Бер ҡараһаң, утыҙ етелә Аяҙ көндә йәшен атҡандай, Аҙмы өйҙән мәйет сыҡҡандай... Бер ҡараһаң, утыҙ етелә «Тымыҡ Дон»дар ижад ителә; Бер ҡараһаң, утыҙ етелә «Тәрән тамырҙар» юҡ ителә... Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана? Бер осоңдан һинең балың тамһа, Бер осоңдан ниңә ҡан тама?.. III Бала сағым – ҡолон сағым минең, Был афәткә ниңә юлыҡтың? «Халыҡ дошманы» тип ил улдарын — Иң ҡаһарман халҡым батырҙарын — Тарихтан мин ниңә йолоҡтом? Сабый күңелемде, йәйғор һымаҡ, Биҙәп торған тәүге йондоҙҙар — Илтеүселәр еңеү байраҡтарын — Ниңә минең кескәй бармаҡтарым, Күҙегеҙҙе соҡоп, юйҙылар? Кескәй йөрәгемә шик-шом һалып, Ниңә аҡты ҡара тинеләр? Тәү ятлаған шағир дуҫҡайҙарым — Хөр халҡымдың тәүге Туҡайҙары — Улармы һуң дошман инеләр? Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым, Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә — Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып, Урта быуат уттарына һалып, Яндырҙылар, һәләк иттеләр? Ниңә шул саҡ, бер әүлиә булып, Дөрөҫлөктө илем белмәне? Күрер ине тоғро улдарының Ленинсылар булып үлгәнен, Бирер ине илем үҙ йәнен!.. IV Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә Ҡан һуғарған, ут эсендә тыуған, Саҡ-саҡ әле егермеһе тулған Ярты баҡсабыҙ юҡ ителә, Балта менән ҡырып кителә... Яңы ҡыуаҡ ҡалҡып, тын алмайса, Егерменсе йыйын йыйылмайса Бикле ята беҙҙең күп эштәр, — Әйтерһең дә, ут-ғәрәсәт үтеп, Урау юлдан тура юлға етеп, Балҡымаған ерҙә Бабичтар!.. Әйтерһең дә, Туфан ҡал(ы)ҡмаған, Булмаған да Һәҙиә, Юлтыйҙар!.. Юҡ, булмаған, тиеп, егерме йыл, Мең ялғанды беҙгә тылҡыйҙар... Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана? Бер осоңдан һинең балың тамһа, Бер осоңдан ниңә ҡан тама?.. V Шулай ине, тиҙәр, заманы... Ә ҡайҙа һуң кеше иманы? Ә бит күптәр, һатып иманын, Ҡалҡан итте шул саҡ заманын. Әкиәттәр хаҡты әйткеләй: Күптән булған ерҙә Әпкәләй. Салауатты һатҡан Ҡолойҙар Һәр заманда сығып олойҙар. Яңғыҙ ағас урман булалмай, һапһыҙ балта урман ҡыралмай; Балтаһынан бигерәк урманды Кем һуң белмәй һабы ҡырғанды? Хәҙер мәғлүм юха ялғаны Утыҙ етелә ни ҡылғаны... Улар мең туғыҙ йөҙ Ун Етелә, Яҡтылыҡтан ҡасты, өкөләй; Ә мең туғыҙ йөҙ илле етелә Эҙен юйҙы күҙҙән, төлкөләй... Тик ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да — Ҡырҡ төҫкә кермә – беленә: Ил күҙенән эҙен юйғандың да Ил ҡаны бит тама еңенән! Юҡ, был һүҙҙәр ҡон юллауҙан түгел, Ҡоно ҡайтырлыҡмы был ҡандың?.. Ете йәшәр ләкин күреп торһон Етмеш йәшәр ниҙәр ҡылғанды! Бармаҡ төртөп уға күрһәтмәйек, Тик ҡылғаны, бүлеп йоҡоһон, Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете ҡабат Ярты төндә ишек шаҡыһын!.. VI Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Ниңә хәҙер һинең яманат? Юҡ, туйҙан һуң дөмбөр ҡағыу түгел, Килер быуынға был – Аманат. Биҙәмәйек беҙ ҙә үҙебеҙҙе, Асылғас та алда бар томан, — Ни мәғәнә хәҙер ул саҡтағы Һуҡыр күҙгә һөрмә тартыуҙан? Ул саҡта ла беҙ бит тере инек, Тик күтәргән инек Алланы. Ә алланың – ҡайһы алланың һуң — Дөрөҫ булғаны бар ялғаны? Эй табыныу, һуҡыр табыныу һин, Ни әшәке һинең ишенән? Һәр әҙәмдә зиһен йоҡламаһа, Ни көслө һуң ерҙә кешенән? Беҙ бит донъя ҡыл өҫтөндә саҡта, Ҡурсып уны ерҙә уттан-йоттан, Еңеп сыҡтыҡ аҙмы дошманды? Бит үлемдән ерҙе юлып алып, Ерҙә тәүге Ирек Юлын һалып, Атҡарҙыҡ беҙ Тарих ҡушҡанды! Бөтә йыһан беҙгә табынғанда, Ниңә һуң беҙ уға табындыҡ? Гүйә беҙ юҡ инек!.. Ниңә шулай, Ер аҫтына һеңеп аҡҡан һыуҙай, Хаҡлыҡ өсөн һуңлап табылдыҡ?.. Бер Аллаға барыһын япһармайыҡ, Бейемәйек ҡәбер өҫтөндә. Хурламайыҡ уға ышанғанды, Тарих төҙәлмәй ул өс көндән. Ышанғандың күҙен йылдар асыр, Еңел түгел Юлдар үтеүе, Еңел түгел хатта бер өйрәнгән Таяҡты ла ташлап китеүе... Ә ул маяҡ ине! Ул киткәндә, Аҙмы күҙ йәшебеҙ ҡойолдо! Күкрәктәрҙән йөрәктәрҙе үлем Һурып алған һымаҡ тойолдо. Ләкин Тормош үҙе килеп тапты Тарих ижадсыһы – халыҡты. Ҡулдан инде бер кем алмаҫ тартып Ҡорбан биреп алған Хаҡлыҡты — Ленин васыят иткән Хаҡлыҡты! VII Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!.. Онотма һис уны һин, кешем. Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене һаҡла, Мансылмаһын ҡанға емеше! Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте Ил күтәрҙе, төшкәс башына. Килер быуындарға ғибрәт итеп, Яҙ һин уны Тарих ташына. Был вәхшәтте Тарих онотмаһын, Онотмаһын тыуыр быуындар, Ерҙә тағы берәй алла тыуһа, Ул алланы ерҙән ҡыуһындар! Был донъяла бер йыл оҡшамаһын Утыҙ етенсе йыл ишегә, Бер аллаға кеше табынмаһын, Табынһын тик кеше кешегә: Батшаларҙы йыҡҡан кешегә, Аллаларҙы йыҡҡан кешегә, Ай-йондоҙға баҡҡан кешегә, Ураҡ-Сүкеш тотҡан кешегә!.. Дубулты – Өфө, 1964 йыл, сентябрь ДИҢГЕҘ ҺҮҘҘӘРЕ Тел осона килгән тәүге һүҙҙе Тыйып ҡалам, яҙмай ҡағыҙға — Күбек кеүек еңел була улар, Уларҙы тик тулҡын ҡабыҙған. Нисек кенә матур күренмәһен, Һыҙ уларҙы, яҙһаң, йәлләмә! Күрмәйһеңме, бик йыш тормошта ла Йәлләмәҫлек була йәл нәмә? Бөрсөк алтын өсөн оҫталар ҙа Ғазапланып тау-таш вата бит? Һин эҙләгән аҫыл ынйылар ҙа Диңгеҙ төптәрендә ята бит... КӘКҮК (Йыр) Кәкүк, кәкүк! Әйтсе миңә, Күпме минең ғүмерем? Күпме минең был донъяла Шатлыҡтарым, күререм? Кәкүк, кәкүк! Ниңә улай Һүҙең һаран: бер, ике, өс? Оҙағыраҡ ҡысҡырырға Тапмайһыңмы берәй көс? Кәкүк, кәкүк! Үпкәләмәм, Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе: Бар ҡайғыһын, бар шатлығын Татып китәм был ерҙең!.. ЫРҒЫҘ ҠЫҘЫ Һәҙиә Дәүләтшина иҫтәлегенә Шауламасы, диңгеҙ, шулай, Ярты төндә уятып!.. Ни ҡалған һуң һиңә былай, Шомло уйҙар уйлатып, Йөрәкһергә, болоҡһорға?.. Мин бит төш күрә инем: Бер һылыу Ырғыҙ буйында Толомон үрә ине... Тәңкәләре, сулпылары Сың-сың сылтырай ине; Үҙ алдына ул мәңгелек Бер йырҙы йырлай ине. Аттан төшөп, юлсы егет Һалҡын һыу һорай ине. Һалҡын һыуын биргән саҡта Ҡыҙ моңһоу ҡарай ине. «Ниңә беҙҙең Ырғыҙ буйын Алыштырҙың диңгеҙгә? Төштә түгел, өнөңдә, ти, Килсе, егет, кил беҙгә. Ә һин унда гәрәбәгә Алмаштырып алтынды, Төштә генә беҙҙең яҡҡа Борғанһың, ти, атыңды... Беҙҙәме, ти, йыр-моң бөткән? — Китер инең шатланып!..» Ә диңгеҙем шаулай һаман, Шауламасы, шомланып! Шауламасы, төнгө диңгеҙ, Мин бит төш күрә инем: Ил инәһе, ир бул, тиеп, Миңә йән өрә ине!.. * * * Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек, Халҡымдан көлгән өсөн. Мине ҡаға ғәҙелһеҙлек, Халҡым тип үлгән өсөн. СЫҢРАУ ТОРНА (Үҙ көйөнә) Фирҙәүескә Сыңрай-сыңрай осоп килде Сыңрау торнаҡай. Уралыңдан сәләм, тине Сыңрау торнаҡай. Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуған Уралҡай! Иҫән-һау, ти, Урал-тау, ти Сыңрау торнаҡай. Юҡ хафа, ти, юҡ афәт, ти Сыңрау торнаҡай. Илдә ир-ат – Салауат, ти Сыңрау торнаҡай. Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуған Уралҡай! Ил көйләр, ти, Тел һөйләр, ти, Уйнай ҡурайҡай. Ҡыуанысым, йыуанысым Булды Уралдай. Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы Сыңрау торнамдай, — Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуған Уралҡай! Быуаттарҙан быуаттарға Осоп барғандай!.. ТИРМӘНСЕ Мостай Кәримгә Өйләнгәндәй мең-мен тирмән ташы, Диңгеҙ геүләй, диңгеҙ үкерә. Тулҡынланмай, ахыры, йәшәй алмай, Елде һөйә, елде үҙ күрә. Тирләп-бешеп, аҡ күбеккә төшөп, Тулҡын саба, тулҡын һикерә. Тартҡан онон – ваҡ ҡына аҡ ҡомон Тыны менән ярға һеперә. Тирмәнсемдең мең тирмәне шулай Мәңге геүләй, мәңге үкерә. Сабырлығы – алтын гәрәбәләр, Сабырһыҙға сүп-сар килтерә. * * * — Киләсәгем! Ас һин ишегеңде! — Кем тупһамда? Кемде күрәм мин? — Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!.. Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми. — Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет? — Булды юлда төрлө кәртәләр... — Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине? — Бәлки танырҙар, тип әйттеләр. — Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс? — Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта. Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта... ШАҒИР ДӘҮЛӘТЕ Шиғырҙары тыуған бөтә ер ҙә Тыуған ере була шағирҙың. Йылдар буйы Юлдар йөрөй торғас, Тыуған ерем иттем күп ерҙе. Тик талмаһын илһам ҡанаттарың, Бар ғүмерең йырға оҡшаһын. Шиғриәт бит үҙе бер дәүләт ул, Шул дәүләттең шағир — батшаһы!.. * * * Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа, Бар бәхетем халҡым телендә. Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын, Һүҙем йәшәр әле илемдә. Эш эҙләйем артыҡ һүҙ ҡуйыртмай, Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе. Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен, Хөкөм итһен заман, ер үҙе... 1965 БУРЫС Был хәлде тик бер кем белмәҫ инде, Үҙ башынан уның үтмәһә. Таштан йүкә һуйылмай ҙа, тиҙәр, Ә мин һуйҙым таштан йүкә... һәм Ошо йүкә минең боғаҙымдан Үлтермәйсә аҫып ҡуйғанын Үҙем генә тойоп, үҙем белеп, Йәшәүҙән бар хатта туйғаным... Мин, ахыры, йәшәй белмәйем, тип, Шағир булыуыма үкенәм. Шиғыр яҙмай йәшәй алмағас тик, Шундай хурлыҡҡа ла бит күнәм: Тәнҡитсенән алған бурысымды Түләй алмайынса ҡатты баш. Күргән һайын уны күрмәй үтәм, Нишләргә лә инде аптыраш!.. * * * Эй, йылдар, һеҙ бушҡа үтһәгеҙ, Үтһәгеҙ һеҙ яныу-көйөүһеҙ, Үтһәгеҙ һеҙ көйһөҙ-һөйөүһеҙ, Мәғәнәһеҙ тау-таш өйөү һеҙ. Мәхрүм булһа кеше һөйөүҙән, Мәхрүм булһа янып-көйөүҙән, Ни мәғәнә суйын килелә Тылҡып-тылҡып һыуҙы төйөүҙән? Кешеме һуң кеше һөйөүһеҙ, Нимәгә һуң таҡмаҡ бейеүһеҙ? Ни мәғәнә ҡошһоҙ оянан? Ярты төндә ҡурҡып уянам, Уйҙарымдан хатта оялам. ТӘҮӘККӘЛЛЕК Ғүмеремдә һалдат булманым, Ергә ятып, ерҙән тыуманым. Тик ярты йыл остом мин күктә, Ул да йәшлегемдә – бик күптән!.. Ләкин шул саҡ сыҡмай күңелдән, Тәүәккәллек ҡалды шул көндән. Тәүәккәллек кәрәк осҡанда, Ышыҡ ер юҡ, елдәр ҡосҡанда. Күптәр йәшәй ерҙә шыуышып, Үҙ шәүләһе менән ҡыуышып. Ирлекме һуң – йәшәү ышыҡта, Ҡыйыу булыу хәтәр эш юҡта? * * * Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул? Белһә әгәр ҡайҙа барғанын, Тарихи бер бәхет һанар ине Ярты юлда туҡтап ҡалғанын. Белмәй һаман: үҙен-үҙе алдай, Арта ялған, арта вәхшилек. Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн, Һәләкәтен даулай кешелек. Ер әйләнә шартлап ярылырға... Килһә икән әҙәм ҡулынан, Ул арҡыры сығып ятыр ине Туҡтатырға уны юлынан... Аһ, әйләнәм бер шик ҡолона! КӘБӘН Ҡырмыҫҡалар, күпме ҡырмыҫҡалар Ҡанатланып сыҡҡан иләүҙән. Мәж килә был ҡырмыҫҡалар яуы, Балаларын сисеп биләүҙән... Ҡабалана, ҡайнай, үрһәләнә, Ауа-түнә эшләй туғайҙа. Ҡырмыҫҡалай эшсән, тырыш йән һуң, Әйтегеҙсе миңә, ул ҡайҙа? Ҡылдай билкәйен ул бөгә-һыға, Үҙенән ҙур йөктө күтәрә, — Күк аҫтында кескәй бер тау ҡалҡа, Ә күк йөҙө – сикһеҙ, күк – тәрән... Өҫтәүенә, ана болот сыҡты, Һелтәй-һелтәй килә ҡамсыһын. Тып-тып итеп биткә килеп төшә Ямғыр күҙе – йәшәү тамсыһы. Күк күкрәй! Беҙ, кешеләр, күккә Алан-йолан ҡарап алабыҙ. Ашығабыҙ, ҡырмыҫҡалар һымаҡ, – Һуңғы кәбәнде бит һалабыҙ!.. Күкрәкләнде кәбән, күркәмләнде, Күп тә үтмәй, кәбән осланды. Арҡан сөйҙөк кәбән баҫыусыға — Күр ул нисек ергә осҡанды!.. Бесән түгел, шиғыр, иҫерткес йыр, Иыр тейәлеп килгән һәр йөккә! Кеше генә, ахыры, эше менән Күтәрелә шулай бейеккә! Йәшнә, йәшен, йәшә, кәбәнебеҙ, Күңелдәрҙе, әйҙә, ҡыуандыр! Бәлки, минең иң шәп шиғырым да Бына ошо кәбән булғандыр?.. ШӘҮЛӘ Шәүләһенән кеше айырыламы? Айырылмайҙыр гүргә кергәнсе. Ниңә эҙәрләй һуң ул әҙәмде, Ғүмер буйы ниңә эйәрсен? Ғүмер иртәһендә шәүлә оҙон, Кеше тәжрибәһеҙ булғанға. Ғүмер кисендә ул тағы оҙон, Тәжрибәләр менән тулғанға. Тик төшлөктә генә шәүләң менән Ҡалаһыңдыр бер аҙ типә-тиң. Шунда ғына һин иркеңә хужа. Шәүләң түләй шул саҡ тингә-тин... * * * Уттың ялы-ҡойроғо юҡ, Һыуҙың да юҡ таяуы. Шул ут менән һыу һымаҡ мин — Юҡ шәфҡәтем, аяуым. Ышанысһыҙ минең һөйөү, Минең һөйөү ҡурҡыныс. Янам, ағам – уттай, һыуҙай, Бул һин ситтә, бул тыныс... Бер осҡоном ҡалһа һиндә, Мин киткәс тә янырһың, Мин киткәс тә бер тамсымдан Даръя булып ағырһың... ЕР-ҺОРНАЙ Ҡап-ҡара ер, ҡап-ҡара ер, Ҡыл һымаҡ бураҙналар. Ҡамыл ҡаплап, орлоҡ һаҡлап, Ҡайырылып ята улар. Ҡулға алып ҡарап торам Ерем бураҙналарын. Гүйә, ҡулда – алтын усма, Гүйә, ҡояш нурҙары... Йылдар һыйған, юлдар һыйған Ер алған ҡулдарыма. Иң мөһәбәт йыр урғыла Ер-һорнай ҡылдарынан... АЛҒЫ ҺЫҘЫҠ — Һаман әле китмәнеңме? – тиҙәр. — Юҡ әле, – тим, – һаман китмәнем. — Ниңә, әллә кире уйланыңмы? — Юҡ, – тим, – әле эшем бөтмәне. Әллә нисек сәйер был һорауҙар, Әллә ҡалай ауыр күңелгә. Әйтерһең миң — ҡорал ташлап китәм, Әйтерһең мин яуҙа еңелгән!.. Бер уйлаһаң, ғәжәп был кешеләр: төпсөнәләр, Һорау бирәләр, Серһеҙ нәмәләрҙән сер эҙләйҙәр, Бер төймәне дөйә күрәләр... Ә бит бер ҡайҙа ла китмәйем мин, Мин тик ҡайтам, ҡайтам ауылға — Туған тауҙарыма, ҡырҙарыма, ел-ямғырға, буран-дауылға, — Мине кеше иткән кешеләргә, Улар менән бергә эшләргә, бергә ҡыуанырға, ҡайғырырға, Бер һүҙ менән әйтһәң – йәшәргә. — Ниңә, әллә бында... Тормош юҡмы? — Тип бәйләнер, бәлки, берәйһе... Бар, әлбиттә! Тик йыр өсөн уны Төҙөтөү ҙә кәрәк, күрәһең. Юҡ, кәрәкмәй шаулы ғаризалар, Намыҫымды һорай партия. Үҙ йөрәгем, Үҙ теләгем миңә: — Ҡайҙа ауыр, шунда бар, – тиә. Тормош — ҡайҙа ла бар, айҙа ла бар, Ҡайнап тора тормош ҡалала. Ләкин миңә ҡыҙыҡ — алғы һыҙыҡ, ә ул һыҙыҡ бөгөн далала... ҺАНДУҒАС ТАҢЫ Ҡайҙан шундай илһам һиндә? Ҡайҙан һиндә шундай дәрт? Иҫ-аҡылым китеп, Тыңлап торам... Һандуғасым, Тартынмасы, йәсе, әйт!.. Мин көнләшәм бары һинән генә, Бары һинән генә көнләшәм. Һай, был моңоң!., Һай, был өҙҙөрөүең!.. Ниндәй Моцарт, Ниндәй Паганини, Ниндәй Чайковский Һиңә тиңләшә? Әллә улар моң алдымы һинән? Әллә һин алдыңмы уларҙан? Әллә мең-мең йылдар буйы Моң алдыңмы беҙҙең йырҙарҙан? Моң алдыңмы Заһир ҡурайынан? Мәғәфүрҙе тыңлап торҙоңмо? Әллә һалдат ҡатыны моңайғанда, Һин урағын уның урҙыңмы? Салғы янып, күкрәгеңде киреп, Бесән саптың мәллә туғайҙа? Юҡһа, ҡайҙан бындай сәңгел тауыш, Был сихри моң, юҡһа, ул ҡайҙан? Айҙан ергә тартҡан көмөш ҡылды Ҡанаттарың әллә сиртәме? Гәлсәр моңон сығарған моң әллә Таң ысығы тамған иртәме? Әллә шулай таңдар һарғайғанда, Танһыҡтары ҡанмай, егетең Иләҫ-миләҫ килгән бер һылыуҙың Сут-сут үбә микән көн битен? Муйыл сәскәһендәй күпереп ташҡан Һаумал ҡымыҙ тәмен татығас, Һин – күҙкәйен йомоп, тел шартлатҡан, Ҡымыҙ бешкән ҡыҙмы, һандуғас? Таң һарыһы ҡунған ҡанатҡайың Һағыштанмы шулай һарғайған? Һине шулай мәңге зарығырға Кем бикләгән йәшел һарайға? Әллә үҙ ҡөҙрәтең менән шулай Ярылыр сиккә етә йөрәгең? Әҙәм минән фәһем алһын, тиеп, һайрайһыңдыр инде, күрәһең... Ергә үлем әҙерләгән заттың Юҡ микән ни әллә ҡолағы? Ҡалай ошо һандуғаслы ерҙе Көл итмәксе була һуң тағы?!! Аңламайым, Иҫ-аҡылым етмәй!.. Ана ҡалай таң һыҙыла!.. Таң!.. Үҙ йырына үҙе таң ҡалғандай, Тел шартлатып ҡуя аҙаҡтан. Ҡул тәлгәшем һиңә ҡуныр өсөн Әйләнһен дә ине бер талға, Теләр инем бары һин һайрауҙы, Киткән саҡта теге донъяға!.. МАШИНИСТКА Шағирҙар бик сәйер: үпкәләмә, Бер байталға һине тиңләһәм, Шиғырымды минең баҫҡан саҡта Шул байталға үҙең тиң дәһә! Бармаҡтарың, тилбер бармаҡтарың Хәреф-төймәләргә баҫҡанда, Һин бит, сәс-ялыңды сайҡай-сайҡай, Хыял бәйгеһендә сапҡандай. Осҡон сәсрәп ҡала һин елгәндә, Осҡон түгел йондоҙ, күрәһең. Тояҡ аҫтындағы саҡматаш ул, Беләһеңме, минең йөрәгем... Упҡындарҙан аша осор инем Мин яҙҙарға, ташлап көҙ көнөн, Тик шуныһы йәл: байталҡайҙың Минең ҡулда түгел теҙгене!.. * * * Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинән Юҡ икәнен сәләм-хаттарың. Сөнки мин бит өнһөҙ, вәғәҙәһеҙ, Һәм юҡ һиңә биргән анттарым. Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинең Юҡ икәнен сәләм-хаттарың. Йөрәгемдә минең йәшәһәң дә, Минең хаҡта түгел аһтарың. Онотҡанда тик бер киләм һиңә, Хәтер дәфтәреңде аҡтарып. Хаттар яҙып, хаттар көтөргә лә Юҡтыр, бәлки, шуға хаҡтарым. * * * Яҙ ҡояшы ҡойған ҡыңғырау сәскә Биш саталы күм-күк ялҡыным, Ниндәй илаһи көс йыйҙы һиңә Йәшлек менән Быуаттарҙың зиһен-аҡылын? Бәлки, һинең матурлыҡтан башҡа Һис ни кәрәкмәйҙер күңелгә? Йылмайып бит күҙ һирпеүҙәр, Һинең һымаҡ, ерҙә Өнһөҙ бер йыр булып түгелә... * * * Кеше күпте, бик, бик күпте теләй! Бик аҙы ла етә үҙенә... Тик мин йөрәгеңдән башҡа һинең Ынтылмаһам ғәләм йөҙөнә, һөйөрһөңмө мине?.. Аҙ, аҙ миңә Ирендәрең, һомғол буй-һының. Етмәй миңә күңелеңде яулау, Донъя ятһын һүҙһеҙ буйһоноп!.. Бар тәбиғәт миңә башын эйһен, һөйһөн мине, үҙен һөйгәндәй. Ҡул болғаһын ерем, кире ҡайт, тип, Ай мөгөҙө мине һөҙгәндә. Танһыҡтарым ҡанмаҫ бер йән миндә, Тынғыһыҙ бер ҡомһоҙ зиһенем. Айҙа саңғы шыуып йөрөгәндә, Бер үбәһем килә мин һине!.. ҠЫРСЫН ТАЛ Тик икебеҙ тороп ҡалдыҡ, Тик икебеҙ: уй ҙа мин. Сикһеҙ уйҙарға һалдың да, Ҡайҙа киттең, ҡайҙа һин? Баҫмаҫмы тип күңелемде, Сығам һыу аръяғына. Үткәндәрҙе иҫкә алып, Шаулай ҡырсын тал ғына. Һорайым мин ҡырсын талдан: — Килмәнеме ул бында? Тик ҡырсын тал башын сайҡай, Ел бейей япрағында... Ҡошсоғо юҡ, ул да бойоҡ, — Был хәлдән, ти, ҡурсып ал!.. Мөхәббәтем, ахыры, ошо Ташта үҫкән ҡырсын тал?.. ЗАМАН ҺЫНАУЫ Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә, Ни һуң миндә иң-иң ҡәҙерле – Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым, Үҙең ала алған ҡәҙәрле... Ә ҡалғаны? Ялған-таушалғаны Үҙем менән бергә юғалыр... Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен, Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр. Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда, Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә... Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер, Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә. Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин – йәнем, Үтә алһаң ваҡыт һынауын, Һөйлә кешеләргә кеше хисен, Йондоҙло бер заман һулауын. Шул заманым минең – саф иманым, Ир булырға ул бит өйрәтте. Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да, Заман ярып үтте йөрәкте. Тик алданма арзан дан-шөһрәткә, Осҡан саҡта ғүмер юлынан: Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе Ишетелә бары һуңынан! ҠОМДАҒЫ ЭҘҘӘР Ҡалай асыҡ уйылып ҡалған Ҡомда бер ҡыҙҙың эҙе. Хәҙер уны юясаҡ бит Тулҡындары диңгеҙҙең. Ҡалған эҙе... Ҡайҙа үҙе? Кем һуң ул ҡыҙ? Һөйәме? Һөйөләме ул үҙе лә?.. Алданғанмы? Көйәме? Ҡомдағы эҙ генә мәллә Был һантый йәшлек үҙе? Хәҙер уны юясаҡ бит Тулҡындары диңгеҙҙең!.. * * * Эй, һин – кешем, Күпме һинең эшең! Ә тейешең – һанап бөткөһөҙ! Хәл итмәгән Аҙмы ҡаршылыҡ бар, Ҡайһы хатта хәл дә иткеһеҙ. Үлем, сир бар, Һәм хаталар Бөтмәй! — Башын кеше ташҡа орһа ла. Аҡыл ағасын был фәжиғәләр Шығырҙатып, һығып торалар. Тик быуындар өмөт өҙмәй: Улар, Сәғәт һайын эшләп эштәрен, Мең йәшәр бер Имән ир шикелле, Сәсә ергә емеш-төштәрен... ЙӨҘӨК ҠАШЫ Баймаҡтың йөҙ йыллығына Тулҡын-тулҡын булып йәйрәп ятҡан Күк тауҙарҙың күрке таш икән, Ирәндеккәй алтын йөҙөк булһа, Шул йөҙөккә Баймаҡ ҡаш икән. Ымһынмаған икән был йөҙөккә Кемдең генә кәкре бармағы. Ете диңгеҙ аша – байымаҡҡа — Инглиз дә һалған ҡармағын... Килмешәктәр булған төрлө-төрлө, Талаусылар булған бер көтөү. Тик Ирәндек — Мәңге өйрәндек бит — Яуға сөйҙө сая бөркөтөн. Бөгөн инде бына һәр кем әйтер: «Бәхет серен асып өйрәндек». Алтын ҡулы менән бәхет сәсеп, Бәхет урыр мәңге Ирәндек!.. * * * Иңбашыңа төлкө яға түгел, Йәйғор ғына яға һалырмын. Ҡара төндәй толомоңа һинең Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын. Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә, Айҙы алҡа итеп тағырмын. Тик көтмә һин минән ер бүләге, Бөтәһен дә күктән табырмын... Ер бүләге һиңә үҙем генә, Ер бүләге һиңә – йөрәгем! ЕР ЕЛЕ Ер елә, ер көлә, ер белә: Терелә халыҡтар, терелә! Быуаттар, замандар, осорҙар Бер үлә, халыҡтар терелә! Африка – маврҙар йөрәге — Гүр булған, ер булған – терелә. Уларҙың сәләмен еткереп, Ер елә, ер көлә, гүр үлә! Ҡитғаның боҙҙары гөрөлә, Ҡитғаның ҡыштары һөрөлә, Халыҡтар йәшәүгә терелә, Гүр үлә, ер көлә, ер елә!.. Башҡорттар ҙа үлеп бөтәләр Тигән бер шомло һүҙ ҙә үлә. Үҙ халҡым минең дә терелә, Ер елә, ер елә, ер елә. Гөлдәргә гөлдәрем үрелә, Иҙгәндәр был ерҙән һөрөлә, Сылбырҙар өҙөлә, өҙөлә, Ер белә, ер көлә, ер елә. Пушкиндар терелә уянып, Пушкиндар яулайҙар донъяны, Пушкин дә терелә гүренән, Көтә уны башҡорттоң ере лә. Һәр халыҡ бер табыр Пушкинын! * * * Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм, Ҡайғырма һис минең киткәнгә. Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары Аҡ ҡайынды әсәм иткәнгә. Баш осомда минең ултырһындар Ҡайғыһы аҡ булған аҡ ҡайын. Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын. Мин әйтермен, сабый япраҡ булып, Бер генә һүҙ: «Инәй! – күҙ нурым». Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр, Аҡ ҡайында – минең үҙ йырым. * * * Инәй, һиңә бер яңы өй һалһам, Үҙең теләгәнсә торорға, Ҡош-ҡорттарың менән кәңәшләшеп, Бергә-бергә донъя ҡорорға, Ғәйепләмә мине, таш бәғер тип, Бала күңеле, тип, далала... Миңә бары һинең ояң кәрәк, Толҡа тапмай йәнем ҡалала. Йәнем бары һинең күҙҙәреңдә, Һинең һүҙҙәреңдә, инәйем. Бөтә моңом – тыуған ерҙәремдә, Башҡаса мин йәшәй белмәйем. Балыҡ тотҡом, бесән сапҡым килә, Һөт эсәһем килә ҡулыңдан. Мин ауылдың йәмен-тәмен беләм, Бер бүләк ал, инәй, улыңдан! * * * Юҡ, инәкәй, мин хыялый түгел, Тик эҙләмәм юлдың еңелен. Үтә яҡын миңә үткән юлдар, Үткәндәрҙә – минең күңелем. Яландарҙа – башаҡ йыйған ерҙә, Ҡыр тауығы гөрләр еремдә. Икәүләшеп бесән сапҡан үрҙә, Сәй ҡайнатҡан талдар төбөндә. Балтырғандар, бәбәктәрен һуҙып, Еҫ аңҡытып торған ҡулдарҙа, Һирәк-һаяҡ күңелең ташыуынан Һин йырлаған туған йырҙарҙа. Юҡ, инәкәй, мин байлыҡҡа ҡарап Ҡорманым шул үтер юлымды. Миңә һәр саҡ изге өлгө булды Бөтмәҫ эше талмаҫ ҡулыңдың... * * * Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән, Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә, — Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр, Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә? Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме? Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү Кешегә һун бәхет бирәме? Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ, Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын... Хаталар ҙа булыр тормошонда, Тик тормошоң хата булмаһын! УЛЫМ САЛАУАТҠА Кереш тартам, улым, уҡ атырға, Мөлдөрәмә күҙен менән баҡ. Әйткән һүҙҙе – атҡан уҡты, улым, Ҡолағыңа алҡа итеп таҡ. Яҙыҡ атмам уҡты, сәпкә тоҫҡап, Тик ҡолаҡ һал һәр бер һүҙемә. Атаһынан күргән уҡ юныр ҙа Уғы үтер энә күҙенән. Ябай түгел ҡулымдағы йәйә — Ил ирҙәре тотҡан әҙернә. Кереше лә – илдең күңел ҡылы, Йә, тыңларға йәнең әҙерме? Һүҙ тыңларға йәнең әҙер булһа, Һүҙ әйтергә күңелем тулышҡан. Атылырға торған уҡ шикелле, Бөлдөргөһө баҫҡан һулышҡа. Белдеклегә бер әйтеү ҙә етер, Белдекһеҙгә мең дә аҙ булыр. Һүҙ ҡәҙерен белмәҫ ата улы Үҙ ҡәҙерен белмәҫ таҙ булыр. Алдан шуны әйтеп ҡуймаҡ булдым, Китмәҫ борон һүҙгә керешеп. Кереш тартмайынса уҡ атылмай, Сәпкә тоҫҡап тарттым керешен... Тыңла, улым... ҠУРАЙ Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын, Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын. Шәйехзада Бабич Китте ҡурайсы дуҫ. Ҡыуышымда Ул ҡалдырып китте ҡурайын. Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда, Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым. Юҡ, моңланмай ҡурай, ят ҡулдарҙа, Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа. Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа, Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа. Әле генә ниндәй моңло ине, Бер бөйөк йән ине баяғы! Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды Йәнле тарих, тылсым таяғы... Сыңрау торна ҡаҡмай сер ҡанатын, Убылғандай булды Уралым, Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды Салауатым, Ҡаһым түрә һалды ҡоралын. Күҙҙән яҙҙы Париж, киң урмандар, Сапмағандай унда башҡорттар, Һалмағандай яугир уҙамандар Каруанһарай ише таш йорттар. Тыумағандай Бейеш, Азаматтар, Яҙмағандай хаттар Буранбай, Аҡмағандай Һаҡмар, Ашҡаҙарҙар, Ятмағандай йәйрәп Таштуғай. Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй, Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә. Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән? Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә? Ҡытҡылдамай ниңә Ҡара тауыҡ? Ниңә бешмәй Ҡарға бутҡаһы? Ҡайҙа Байыҡ, Бейегәндә айыҡ, Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын!.. Юҡ, өндәшмәй, ҡурай ҡурайсыһыҙ, Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай. (Төтөн өрөп, серәкәйҙе генә Ҡыуып сығарырға ул ярай!..) Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан, Тормошомдан китмә, ҡурайсым. Күңелем бит мең-мең моңдарыңа Мәңгелек бер ғүмер юрайсы... РӘССАМ Былай үҙең бик матур ҙа түгел, Тик, ниңәлер, һине биҙәнем. Мин генә тик һине йондоҙ иттем, Һин генә тик быны һиҙмәнең. Ә шулай ҙа яратаһым килде – Һуңғы ҡабат, шашып аҡылдан. Күк күк(е)рәп, ер тет(е)рәп торҙо Яралғанда һин был ялҡында. Матурлығың – минең хыялым ул, Был хыялый күңелем емеше. Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас, Мин йәшәйем әле, мин кеше! ШАЛЯПИН Күкрәгендә күк күк(е)рәп йөрөп, Ҡоя ла һуң ергә ямғырын. Йылдар саңы баҫҡан күңелең Йәйғор һымаҡ балҡый яңырып. Булган да һуң йырсы Рәсәйҙә, Әрәсәһен белеп йырлаған. Күңелдәрҙе нурлаған... * * * Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп. Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?.. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит. Бөгөн тиеп булмай кисәне. Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит Һинең өсөн генә әсәмен. * * * Тал-тирәктәр ташҡын Иҙел кисеп Баҫып тора һыңар аяҡта. Ағастарҙың һәр ботағы буйлап Йүгереп йөрөй йәм-йәш япраҡтар. ҺИНЕҢ ХАТЫҢ Һинең хатың... Башта көлдөм. Көлдөм Үҙ-үҙемдән, Көлдөм һинән дә. Шундай ҡырыҫ, Шундай дөрөҫ һүҙҙән Һығылып төшөр хатта имән дә. Һинең хатың... Аҙаҡ, үкһеп-үкһеп, Ир башыма килде илайһым. Һин тип мин үлергә әҙер, Ә һин? Юҡ, үлемдән һаҡла, илаһым! Һинең хатың... Тағы – уйға ҡалдым. Хәрефтәрҙең шундай танышы! Алыҫ нурым, Алыҫ йырым минең, Шулай ҙа был — Һинең, Һинең, Һинең тауышың!.. * * * Ниңә мине көтөү ҡаршыларға Ебәрмәйһең, инәй, әйт әле. Әллә хәҙер ышанысһыҙмы мин, Утамаған кеше түтәлен? Мин әле лә, ҡалай әрләһәң дә, Баҡсаларға әҙер керергә. Ә иртәһен беҙҙең күршеләргә Мин әҙермен йәнем бирергә. Ниңә, инәй, миңә эш ҡушмайһың, Ышаныстан сығып бөттөммө? Әллә мине яҙыу яҙып ҡына Тамаҡ туйҙырыр тип көттөңмө? Инәй, ниңә бер илаһым килә Үкһеп-үкһеп йылы ҡулыңда. Ғәйепләмә минең аҡ сәсемде, Үткәнде көт бары улыңдан... * * * Теле елгә елберҙәгән Ҡылған кеүек тирбәлә. Тик теле ни әйтерен Башы бер ҙә иҫләмәй. УРАҠ МЕНӘН СҮКЕШ Сүкеш менән Ай-Ураҡ Алыр Ер шарын урап!.. (Халыҡ йырынан) Әсәйҙәрҙең көмөш Урағынан Күпме усма ятҡан усмаға, Атайҙарҙың алтын Сүкешенән Аҙмы йондоҙ баҙлап осмаған! Әсәйҙәрҙең көндәй күҙ нурҙары, Атайҙарҙың ҡойған ал ҡаны, Ураҡ, Сүкеш, Йондоҙ, Башаҡ менән Нығытылған илдең ҡалҡаны. Яуҙа ауған күп ирҙәре илдең, Бирмәйенсә Ватан, Уралын, Тик ҡалдырған беҙгә ҡомартҡыға Ураҡ-Сүкеш тигән ҡоралын. Быуаттарҙың соғоллоғо һеңгән Ошо ике ябай ҡоралға. Донъялағы бөтә матурлыҡ бит Улар берлегенән яралған. Ай-Ураҡты Сүкеш тешәгәнгә Ерҙә тыуған тынмаҫ хәрәкәт. Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә Донъя – имен, ерҙә – бәрәкәт. Ҡарағоштар, арыҫландар ни һуң, Ғәйрәт сәсһә Сүкеш һәм Ураҡ! Ҡояш нурын һирпеп бар йыһанға, Бар Ер шарын алыр бер урап. Иң боронғо ике был ҡоралға Инселәнгән ерҙә бөйөк эш: Ҡыҫыр башаҡ урмаҫ был Ай-Ураҡ, Буш һандалға һуҡмаҫ был Сүкеш! 1966 * * * Имеш, ҡояшлы бер яҙ иртәһе, Беҙ таң ҡалып ошо донъяға, Етәкләшеп алғанбыҙ ҙа шулай Үрмәләйбеҙ бейек ҡаяға. Менеү ауыр, ләкин шундай сәмле, Шундай йәмле бөтә тирә-яҡ. Аҫта упҡын, хәтәр тәрән упҡын, Яҙа ғына баҫһаң һин аяҡ, Төштөң – киттең, бөттөң!.. Ә беҙ һаман Тик менәбеҙ икәү юғары. Менгән һайын юл юғала бара, Тар һуҡмаҡ та хатта юҡ ары. Ә беҙ һаман сая ҡомар менән Үрмәләйбеҙ ҡая башына. Әйтерһең дә, барыһы хәл ителә, Менеп баҫһаҡ уның ташына. Күҙҙең яуын алып таш өҫтөндә Умырзая сәскә атҡанын Күрҙем дә мин бүләк итмәк булдым, Тик аҫтында йылан ятҡанын Күрмәгәнмен!.. Уң ҡулымда сәскә, Ә һулынан ҡулың ысҡынды... Тауҙар менән иңрәп тороп ҡалдың Күреп минең оҙаҡ осҡанды. Ташлы сәскә генә баш осомда Иҫән ҡалған, имеш, көй табып. Һәм уҡыйһың, имеш, ирең менән Ҡанға туҙған «Осоу» китабын... * * * Нур ҡалмаһа күҙендә, Йыр ҡалмаһа үҙендә, Ни ҡыҙығы донъяның — Ҡошсоғо юҡ ояның?... ҮЛӘН ТАУЫШЫ Үлмәм әле, Үлмәм! Мин – Үлән. Сыҡ әле, Сыҡ, Һин – Ысыҡ! ТАУҒА ҮРЛӘҮСЕГӘ Ҡымшанмай ҙа мәғрүр тора тауҙар, Кире ҡағып заман яуҙарын. Бер-береһен күккә сөйгән улар, Иңдәренә болот ауҙарып. Боҙҙарҙы ла иңдәренә һалған Тере һыуҙың йәнен ерләүсе, Тик был тынлыҡ мәңге түгел – ялған! Иҫеңдә тот, тауға үрләүсем! Ҡуҙғат тауҙың тик бер ташын ғына, Шына ҡағып ҡая йөҙөнә, Күк күкрәр боҙҙар ташҡынынан Дәжжәл ҡалҡып сығыр әҙенән. Ул ҡоторған һыбай, башын баҫып, Осоп үтер упҡын-аранан. Юлындағы һәр терене баҫып, Йорт-ҡуранан яһар хараба. Һис эҙе лә ҡалмай, юҡҡа сығыр Быуаттарҙың гүзәл емеше. Тауға ынтылһаң һин, булсы сабыр, Артҡа ла баҡ ҡайсаҡ һин, кешем. * * * Бына инде мин дә үлдем бит, Төшөп китте ҡулдан ҡәләмем. Башҡа йәштәр ҡулға тотоп алды Минең йәшлегемдең әләмен. * * * Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын! Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым. Һағынып килдем һине күрергә, Һорап хәлкәйеңде белергә. Туң да икән әле тупрағың, Шауламай ҙа икән япрағың. Яңы ғына аҡ ҡар асылғас, Һының әле һинең яланғас... Икенсе бер һиңә килгәндә, Һинең менән уйнап көлгәндә, Умырзая беҙҙән көнләшер, Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер. Тик ҡағылмам умырзаяға, Былай ҙа бит ғүмере – заяға!.. Ана инде көн дә байыны, Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным! * * * Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш, Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың. Яратыуҙан янып һүнгәнемде Шунда ғына аңлай башлайһың. Һин ташлаған бер ус дымлы тупраҡ Утлы сәскә булып атһа ла, Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең Һуғарырға уны аҡһа ла — Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу: Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас, Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең, Нәфрәтең дә етә – һуңлағас. МИЛӘШ-КӘЛӘШ ...Ләкин ҡалһын минең устарымда Төҫ ташламаҫ миләш ялҡыны... (Хатыңдан) Баҫымсаҡ көҙ тәрән уйға сумған, Һағыш менән тулған уйҙары. Һағыштары һары ҡарғыш һымаҡ, Ялмап алған урман буйҙарын. Хатта имән, ғорур йәнле имән, Башын эйгән – уйы ауырға. Ни ҡалған һуң баҡыр йәштәренә Ал ямғырҙар булып яуырға? Әллә инде утлы ҡуҙы менән Яндырамы уны миләше? Ә бит тоғро аҡ ҡайыны барҙа, Булмаҫ миләш уның кәләше? Эй, йәш миләш, утлы күҙ йәш-тәлгәш, Ниңә шулай көҙләп балҡының? Ҡалһын, ҡалһын үҙ усыңда ғына Тик берәүгә изге ялҡының!.. * * * Мин – генерал түгел, беләм, Мин – шиғырҙың ябай һалдаты. Тик һалдатһыҙ булмай генералдар, Юҡ, һуғышта булмай алдатып. Мин башҡалар кеүек сафта киләм, Дан да алмаҫ мине алдатып. Үлгәндә лә мин үлермен Билдәһеҙ һалдат һымаҡ алда – тып... һалдатың... Аҡмам һалда тын... * * * Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай, Яңғыҙлыҡтар ят уға. Һәр саҡ уның һаҡсыһы бар — Көтөп тора ҡайтыуға. Матурлыҡ ул яңғыҙ булмай, Яңғыҙлыҡты аңламай: Һоҡландырып йәшәгәндә, Һәр бер айы уның – май! Тик шуныһы бар донъяла: Һәр ни үтеп китә шул. Матурҙы ла, тоғро булып, Тик ҡартлығы көтә шул... * * * Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым, Йәнем китер осоп күктәргә. Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә. Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта, Мин күк инем, күккә баҡҡанда, Мин ут инем, дөрләп ут янғанда, Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда. Мин үткән дә, киләсәк тә булдым, Бөгөнгө лә – булдым бөтәһе! Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға, Бөтәһенән нисек китәһе?.. * * * Мин бер тауыш була алһам ине, Була алһам ине хуш еҫе, Сәсән бер тел була алһам ине, Була алһам ине ер төҫө, — Һеҙ, бармай ҙа, күрер инегеҙ Бөтә күркен башҡорт иленең, Бар байлығын халҡым күңеленең, Бар хикмәтен әсәм теленең. Күрер, белер, тойор инегеҙ һеҙ Бөйөклөгөн кескәй халҡымдың Әле, дуҫтар, һеҙҙең алдығыҙҙа Шуны әйтер өсөн ҡалҡындым... * * * Минең күңелем яҙғы урман булһа, Һин ундағы яңғыҙ ҡоралай. Аҡландағы сабый сәскәләрен Тояҡтарың ғына яралай. Яралаһын, әйҙә! Иркен йөрө. Яралар ул таңға уңалыр. Йомшаҡ булһын бары тояғыңа, Ҡышын бит ул өшөй, туңалыр. Бар аҙымды, бар наҙымды бирәм, Бар шауымды бирәм үҙеңә. Берүк ҡош-ҡорт ҡына тап булмаһын, Шом һалмаһын һинең күҙеңә! * * * Әнүргә Кеше ғүмере һуң күпме генә? — Бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы! Шул күҙ асып йомған арала ла Күпме эсә хәсрәт ағыуын: Әле йотлоҡ, Әле һуғыштары, Әле яла, Әле ялғаны, Ғәҙелһеҙлек, Донъя ваҡлыҡтары... — Сикһеҙ ептәй киткән ялғанып!.. Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен Үҙ тигәнсә йәшәр, тамамлар? Кешеләргә ҡаты ҡағылмайыҡ, — Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!.. ҠАРАҒАЙ Ай-һай, хәтәр шаулай ҡарт ҡарағай, Тынмай-ҡуймай төнө буйына. Ни һуң уйлай был ҡарағай, Кем шом һалған уның уйына? Әйтерһең дә, шулай донъя шаулай, Шаулай йылдар, шаулай быуаттар. Тау йылғаһы ташып килһә шулай, Быуа йырылыр бит, быуа тар... Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер даулай, — Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә. Юҡ, болоҡһоп шулай күңел дулай, Һине уйлай үкһеҙ өңөндә... ҠАРЛУҒАС Баязит Бикбайға Ҡарлуғасҡай ҡара, Муйындары ала, Болоттарға инеп юғала... («Ҡарлуғас» йырынан) Ҡарлуғасҡай, сабый хыялыма Индең дә һин Туҡай йырылай, Бикбай «Ҡарлуғас»ы булып остоң... Һине һағынып инде ир илай. Хәтеремдә тәүге тамашалар, Хәтеремдә тәүге күҙ йәшем. Балалыҡта осҡан ҡарлуғастың, Шатмораттың тапмам тиңдәшен. Аҫылынып клуб тәҙрәһенә, Ҡарлуғастың йырын тыңлауға Инде хәҙер күпме йылдар уҙған! — Әле булһа ул йыр сыңлауға Мин һиҫкәнеп китәм... Күҙ алдыма Килеп баҫа тәүге «әртистәр». Ауыл буйлап улар йыр һуҙғанда, Йөрәкһенер инем һәр кистә... Тик ул йылды ысын яу башланды, Ысын яуға китте Шатморат. Ә Ҡарлуғас уны көтә-көтә, Һабан һөрҙө, егеп шағыр ат. Ураҡ урҙы, урман киҫте ҡышын, Ҡарлуғастай осоп йөрөнө. Һағыштарын баҫыр өсөн әллә Эшкә бирҙе йәнен – ир ине!.. Юҡ, үҙенә хәнйәр ҡаҙаманы, Баҙаманы ғәйбәт теленән. Сәстәренә ҡырау төшһә төштө, Төшөртмәне йәшлек гөлөнә. Иламаны, ҡара хәбәр килгәс, Һаман көттө уҙаҡ әртисен. Тик аттарын эсергәндә генә Йәшлек йырын һуҙҙы һәр кисен... Хәтеремдә бары: һуғыштан һуң, Йәш Шатморат сыҡҡас сәхнәгә, Яулыҡ осо менән күҙен ҡаплап, Сығып китте залдан сәхрәгә... Барғандыр ул унда ҡушҡайынға, Йырлағандыр зарын туйғансы. Тик менмәне бүтән ул сәхнәгә, Яу йөгөнән донъя ҡуйғансы... Тормош сәхнә түгел. Ә шулай ҙа Бик күп тарих һыя сәхнәгә. Ҡарлуғастың һаман йыры килә, Сыҡһам әгәр, ҡайтып, сәхрәгә. Ҡарлуғасҡай, сабый хыялыма Индең дә һин Туҡай йырылай, Бикбай ҡарлуғасы булып остоң, Һине һағынып инде ир илай. * * * Күпме ышанып мин, Күпме алдандым!.. Өҙөлгән өмөттәр Тағы ялғанды. Дуҫым тип йөрөгән Булды дошманым. Тик яңғыҙ ҡалырға Яҙмыш ҡушманы. Һөйөү ул юҡ, – тинем, — Бар тик ир тәне. Ә мөхәббәт мине Утта үртәне... Үҙемдән ҡасырға Бер мәл тырыштым, Тик тере зиһене Еңде тормоштоң!.. ҠАН МЕНӘН ДАН Ҡолаҡ остарыңдан, ай, һыҙғырып, Елеп үтә, елдәй, замандар!.. Маңлайына улар мең һыҙырып, Ҡанлы-данлы эҙҙәр һалғандар. Күҙҙәреңә, эйе, ҡан-йәш һаумай, Ҡан-йәш йотмай дан да килмәйҙер. Тик дан үҙе ҡанға һис һыуһамай, Ҡан ҡойоуҙы ла ул һөймәйҙер. Ниңә килгәнбеҙ һуң был донъяға: Ҡанға буярғамы донъяны? Күмергәме әллә уны данға? — Уйла, Кешем, һәр көн уянып!.. КӨҘГӨ Ингән саҡта иртән мин бүлмәңә, Моңһоу ҡарай инең көҙгөгә. Йолҡа тарай инең толомоңдо, Йәмһеҙ күрендеме йөҙ генәң? Керпегеңә һөрмә тартмаһаң да, Яҡмаһаң да кершән йөҙөңә, Һылыуҙарҙан-һылыу инең бит һин, Ниңә ышандың һуң көҙгөңә? Ҡараһаңсы шул саҡ күҙҙәремә, Ҡарағансы шулай көҙгөнән: Ҡабатланмаҫ бер мәлеңә һинең Көҙгө булыр ине күҙ генәм!.. * * * Ҡош телендәй генә хат көткәйнем, Тик килмәне хатың, ҡәҙерлем. Юҡ, үпкә лә һиңә һаҡламайым, Күңелем дә түгел йәберле. Ҡош телендәй хатың килмәһә лә, Шишмә булып керҙең төшөмә, Сылтыр-сылтыр көлгән алыҫ шишмә Мине, имеш, аңлай, төшөнә... Тик уянып китһәм, шишмәм тигән — Күҙҙәремдән тамған йәш икән, Айыҡ аҡыл менән өнгә баҡһам, Сәсемдә – сал, ә һин йәш икән!.. * * * Күҙ алдымда һинең һүрәтең: Күҙең моңһоу, йөҙөң болоҡһоу; Маңлайыңдан һулға сайпылған Сәс толомоң хәс тә тулҡын һыу; Һыу ситләтеп, тулҡын тейҙермәй, Һыҙылып киткән ҡара ҡашыңа Ҡарлуғас, тим, ҡаға ҡанатын, Тыуып килгән көндө ҡаршылап. Ни вәғәҙә был көн, тип, Наҙ түгергә тора иренең. Шундай таңда, таңғы ел булып, Ебәк толомоңдо үр ине!.. КӨНБАҒЫШ Көнбағыштар алтын табаҡтарын Баҡса аша миңә һоналар. Бер үрелеп ҡулым һуҙыу була, Һабаҡтары шартлап һыналар. Сырт-сырт итеп, шулай һанап барам Шул табаҡтан йәйҙең һәр көнөн: Ҡабыҡтарын алып ситкә атам, Ҡалдырып тик көмөш бөртөгөн. Үҙ баҡсамдай күргәс мин тормошто, Йыймайым гел ҡайғы, моң-һағыш. Йөҙөң ниңә көләс, тиһәң миңә, Сәбәпсе тик быға көнбағыш!.. АТАЙ АЛТЫНЫ Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған, Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән... («Ғайса» йырынан) Балаларым – күҙем ҡаралары, Балаларым – йөрәк яралары, Ҡалай һеҙҙе ташлап китәйем, Ҡалай һеҙһеҙ ғүмер итәйем? Яҙҙырһам мин ашар ашығыҙҙан, һыйпамаһам ғәзиз башығыҙҙан, Тамағыма ниндәй аш барыр, Ҡара ғына сәсем ағарыр!.. Етемлекте үҙем күп татыным, Мираҫ булып ҡалмаҫ ул алтыным, Булһам да мин үҙем көл-күмер, Башығыҙҙан һыйпау – бер ғүмер!.. * * * Яҙһағыҙ ҙа тәйән ат та ат тип, Ҡайҙа һеҙҙең менгән атығыҙ? Аттан бигерәк шиғырығыҙ артыҡ, Бөгөнгөгә дуҫтар, ҡайтығыҙ. Ат туғарып егә белмәҫ әҙәм Ат хаҡында шиғыр яҙғанда, Мин, нишләйем, тайҙар көтөүсеһе. Аҡылымдан хатта яҙғандай. Ат ҡараусы Таһир ағайымдан Ҡалған миңә атты яратыу. Һәр ат миңә Зөһрә булып ҡалған Һәр бер бәйге – миңә ҡарға туй. Ҡарға туйҙа булһын бисә-сәсә, Ир-ат унда һуҙмаҫ муйынын. Ат хаҡында яҙған һәр йырығыҙ Хәтерләтә ҡыҙҙар уйынын. Ир-ат булғас икән ат бағығыҙ, Йырығыҙҙан артһын атығыҙ. Бөгөнгөгә ҡайтыу ауыр икән, Һис юғында аңға ҡайтығыҙ!.. * * * Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ?.. Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем, Тик көтөргә булам аҙыраҡ. Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә Тик атымды ғына ҡыуамын. Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла Мин, ниңәлер, ҡайтам ҡыуанып... Ни ҙә булһа тороп ҡалыр минән, Мин кешегә сикһеҙ ышанам. Шул ышаныс мине көслө итә, Шатлығым да бына ошонан... * * * Эй һылыуҙар, һылыуҙар, Күҙҙәрегеҙ – йылыуҙар, Йылыуҙарға бер батһам, Сыға алмай йыл уҙар... Үҙегеҙҙең ҡайһығыҙҙы Һылыуым тип атайым? Күҙегеҙҙең ҡайһыһына Йылыуым тип батайым? Юҡ, батмайым, батмайым, Лутсы өйгә ҡайтайым. Өйгә ҡайтып еңгәгеҙгә Арҡа терәп ятайым!.. * * * Ауыр уй иҙә башты, Ауыр уй хәттән ашты; Бикләнгән барыр юлым, Бәйләнгән ике ҡулым. Ир иткән дә ҡатын шул, Ер иткән дә ҡатын шул; Ҡыуаныс тик төш кенә, Йыуаныс тик эш кенә. Ер булмаҫ та түгел мин, Ир булмаҫ та түгел мин: Ике күҙҙәй ике балам бар, Йөрәгемдә ике ярам бар!.. * * * Осоп үттем һинең баш осоңдан, Осоп үттем, ә һин күрмәнең. Күрмәһәң дә үҙең, бәғеремде Һурып алдың, кире бирмәнең. Нишләргә һуң миңә? Телем бармай Сихырсы тип һине атарға. Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде, Үҙеңдеке менән ҡатарлап. Ниңә кәрәк инде һиңә минең Яраланып бөткән йөрәгем? Аһ, мин үҙем осоп төшөр инем, Булһаң икән тотор терәгем!.. Стәрле ОҠШАМАҪ ҺҮҘ Ҡомһоҙом, – ти миңә шишмәм, Ҡанатлым, – ти миңә күк, Егәрлем, – ти миңә ерем, Дошманым, – ти миңә ек; Серҙәшем, – ти һандуғасым, Иреклем, – ти елгенәм, Телһөйәр, – ти туған телем, Илһөйәр, – ти илгенәм; Яңғыҙым, – ти миңә айым, Хыялый, – ти йондоҙҙар... Бер һүҙҙе тик оҡшатмайым: Ҡартһың шул, – ти йәш ҡыҙҙар... * * * Һандуғас һайраған була, Тешен ҡайраған була, Талдар араһына боҫоп, Ниҙер ҡараған була. Яр буйында күк кәмәлә Икәү ултырған була. Икәүһе лә юҡ-бар һүҙҙәр Түккән-тултырған була. Һүҙе бөткәс, егет ҡыҙҙы Суп та суп үпкән була. Кит, һантый, тип ҡыҙ тағы ла Күҙ йомоп көткән була. Тасай баш ай, башын сайҡап, Һыуҙан ҡараған була. Ә һандуғас, бер йыр отоп, Сут-сут һайраған була! ЙӘНШИШМӘ Тойҙом һинең ҡайнар һулышыңды, Һин тойғандай минең һулышты. Әйтерһең дә шул саҡ был донъяла Үлем менән йәшәү һуғышты. Һәм беҙ еңдек! Еңдек ҡарт үлемде, Йәншишмәнең таптыҡ үҙен беҙ. Мин үлемһеҙ иткән кеүек һине, Һин дә иттең мине үлемһеҙ. Үлем үлде! Беҙҙән һуң да ерҙә Үҫер, емеш бирер гөлөбөҙ. Йәншишмәкәй ул. Мөхәббәт икән, Йәншишмәнән эскән – Үлемһеҙ. ЙЫУАСА Эй йыуаса, йыуаса, Ниңә әле бығаса Иҫләмәнем һине бик? Һай, бик тәмле инең бит! Эй йыуаса, йыуаса, Күстәнәс, тип ҡоҙаса Төйнәп килтерер ине, Ауыҙҙа ирер ине... Эй йыуаса, йыуаса, Ҡоҙаса күңел аса: Мин ат һуғарыр инем, Ул һыуға барыр ине... Эй йыуаса, йыуаса, Ҡайҙа бергә булған саҡ? Ҡайтһам, оялып ҡаса Йыуасаһыҙ ҡоҙаса!.. ЙОНДОҘҘАР Хушлашам да буғай йәшлек менән, Утыҙҙарға инде етелгән!.. Йәшлегемдең көмөш йәшен эсер Алтын сүмесеңдән, Етегән! Йә һаратың, йә Буҙатың менеп, Сабайымсы, Тимер Ҡаҙығым. Яҡты йондоҙ миңә юлдаш булһын, Ай-ҡыйырсыҡ булһын аҙығым. Сергетешле күн эйәрем булһын, Йә ыңғырсаҡ булһын Алғырсаҡ, Йә еләйем һыбай, йә егәйем, — Үтеп бара алғыр, йылтыр саҡ. Аҡҡош юлы буйлап уҙайымсы, Булһа ла ул ҡыйын, бик оҙон. Өлкәр һымаҡ өлкәнәйгәс, башҡа Он иләр бит Иләк йондоҙом. Табайымсы Сулпан йондоҙомдо, Күк ҡапҡаһын минме ҡаҡмамын? «Таң һарғайыу түгел, ҡояш сыҡһын, Танһыҡтарым ҡанмай ҡайтмамын!» * * * Таң һарғайған һайын һағышлыраҡ, Һуңғы йондоҙ – Сулпан яҡтыраҡ. Муйыныңа һуңғы һарылғандың, Ышанысы һаман татлыраҡ... Йәшнәп, ямғыр түгел, Таш яуһа ла, Тәү осраған атҡа атланып, Үҙ тышауын Үҙенә нуҡта итеп, Һиңә сабам, Һиңә, шатланып!.. Ел дә үтмәҫ яҡын арабыҙға Үтмәһен һис аҡыл хәйләһе. Таң шәфәғе һымаҡ моңһоу-моңһоу, Алһыу нурҙар ғына бәйләһен!.. * * * Торған һайын тормош ҡатмарлыраҡ, Торған һайын донъя хәүефле. Торған һайын шағир яуаплыраҡ, Була алмай еңел кәйефле. * * * Туған телем тыуған еремдә Яңғыраһа мәңге йыр булып, Һис үкенмәҫ инем, гүремдә Ятҡанда ла ҡара ер булып. * * * Ташлап китеү ауыр үткәнде, Тик сыҡмай ҙа булмай ишектән. Тыуған икән яҡты донъяға, Мәңге ятмай бала бишектә. Уҡытыусың инде уҡытмай, Һаман уҡыу унан – балалыҡ. Тәүге хис тә инде йылытмай, Ә мәлендә була ниндәй ныҡ! Бөтәһен дә йылдар үҙгәртә, Ниндәй генә һыуҙар кисмәйһең, Шул уҡ кисеү билен бирһә лә, Шул уҡ һыуҙы инде эсмәйһең. * * * Тәҙ(е)рәңдән ҡарап ҡалдың Миңә... Әллә башҡаға? Ә мин, йүләр, был ҡарашың Миңәлер тип баш ҡағам. Миңә булһа был иғтибар, Ниҙәр уйланың икән? Әллә мин уҙған юлдарҙы Һин дә буйланың микән? Көттөм һине, һин килмәнең, Көлөп ҡалды тәҙ(е)рәң. Күңелемә шул көлөү ҙә Ял булғандай әҙерәк... ТОРМОШСАН ӘҘИП Өйрәнәйем, тиеп, тормошто, Айырылмайым, тиеп, халҡымдан, Бер яҙыусы көн дә урамға Ҡарап тора, сығып балкондан. ХӨКӨМ Хөкөм итмә улай үҙ-үҙеңде, Былай ҙа бит яҙмыш аяуһыҙ. Яҙғы сауҡалыҡтай күңелең яҡты, Ҡайын туҙындай саф, буяуһыҙ. Ул таң өсөн бары мин ғәйепле, Мин бәхетле ул таң килгәнгә. Ғүмер буйы ошо таңды көттөм, Һөйөүемдән яҙмыш көлгәнгә. Түҙгән йөрәк кенә шулай ярһый, Йәшәй алмай мәңге бәй-епле. Ауыҙлығын сәйнәп өҙгән өсөн Аҫау ҙамы инде ғәйепле?! * * * Хаттарым – ул йөрәк аһтарым, Хаттарым – ул йөрәк анттарым. Аһыма – аһ, антыма ант булып Килһен һинең яуап хаттарың. БАЛ-БАЛА Балдан татлы бала әсәгә, Гөлдән наҙлы бала әсәгә; Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән, — Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән... Туптай ғына сабый был бала, Туп ярылһа, унан ни ҡала? Ярылыр туптың юҡ һис кәрәге, — Ярылмаһын әсә йөрәге!.. * * * Бәхетһеҙ итеп берәүҙе, Бәхетле итһәм һине, Ниндәй яҙмыш көткәнлеген, Аһ, һылыу, белһәң ине! Ниңә тормош ағасының Мәңге әсе емеше? — Бәхетһеҙ итеп берәүҙе, Бәхетле булмай кеше! * * * Беләм: һине һөйөү – ул хыянат, Ул хыянат башҡа алдында, Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә, Ул уттарға сумыу ялҡындан!.. Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам, Ярға атып айыҡ аҡылды. Уйламайым ҡалай сығарҙы ла, Осҡоноңа бирәм ялҡынды. Тик уйлама был мауығыу тиеп, Һөйөүендә, тиеп, уғыры. Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа, Хыянатым ләкин тоғ(о)ро!.. * * * Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ, Килеп инә табын таралғас!.. Тик көтәһең, көтөп арығас та, Бәхет өсөн генә яралғас. Көтә белгәндәргә һуң түгел дә, Йәшлек кенә көтөп тормай шул. Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы, Йә үткәнгә юлын бормай шул. Ҡала миңә бары йылдар буйы Йырҙар менән күңел йыуатыу. Бар ғүмерем минең – һине эҙләү, Бар ғүмерем – һине юғалтыу... БАШҠОРТОСТАН (Сит илдән ҡайтышлай) Башҡортостан сиген үтеү менән, Тыуып үҫкән ергә етеү менән, Нур тулғандай була күңелдә, Йыр тыуғандай була күңелдә. Йәшел бәрхәт төҫлө еркәй генәм, Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәй генәм. Иркәләй бит талған күҙемде, Иркәләй бит арыған йөҙөмдө. Йүгереп сығыу менән ҡайындарым, Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым. Күреү менән күген Уралдың, Күҙҙәремә йәштәр уралды... Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар... Уйға килә яугир олатайҙар — Илен улар тиккә һөймәгән, Илем, тиеп тиккә көймәгән! Башҡортостан – беҙҙең Бөркөтостан, Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!.. Башҡортостан – йөрәк ҡағышым, Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың! Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен, һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен? Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ, Башҡа ергә башым эйелмәҫ... Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың, Ары торһон йәннәт – ожмахтарың, Башҡортостан – тыуған төйәгем, Һиндә ятһын, ятһа, һөйәгем!.. Бер баҡсала, көнгә бағып, Аҡ алмалар аллана. Алмаларға күҙем атһам, Ирендәрем баллана. Баҡсасы ҡыҙ алма һона, Алмаһам, ағай, тимәҫ; Алмаһын ул алырмын да, Күңелем иләҫ-миләҫ... Кемгә икән бешеп килгән Ике алма ғынаһы? Шуларға бит күҙем төштө, Кисер, алла, гонаһым!.. ШҮЛГӘН-ЙЫЛҒА Шүлгән-йылға ағып килә торғас, Ер аҫтына сумып юғала. Юғала ла, ергә һеңгән төҫлө, Тау-таш ярып, тағы юл ала. Шул уҡ йылға, ләкин икенсерәк, Икенсерәк хатта йәме лә: Ерҙең тоҙон, һутын һеңдергән ул, Икенсерәк уның тәме лә. Байыған ул, баҙығайған тағы, Яңы йырҙа һалған ағышы. Ошо йылға ише түгелме һуң Ут-һыу кискән ирҙең яҙмышы? ПУШКИН Шиғыр һөймәүсе берәүгә Дантес ҡулы менән атты батша Быуаттарҙың бөйөк йырсыһын. Тик быуаттар ҡеүәтләне генә, Ҡеүәтләне көмөш йыр сыңын. Ә бер әҙәм һаман шиғыр һөймәй, Маҙаһыҙлай уны йыр сыңы. Әгәр ҡулдарынан килһә, ул да, Ул да атыр ине йырсыны!.. Имеш, шиғыр заманаһы үтте, Уҡый уны бары балалар... Ә ололар космос осоронда Шиғырһыҙ ҙа йәшәй алалар. Шул шиғырһыҙ һөйрәлгәнгәлер ҙә Күңеле бит уның көм(ө)рө: Ул юрарға хатта өлгөрмәне, Ер улының шиғри ғүмере. Алып китте йырҙы йондоҙҙарға, Ҡаршы алды йыһан Пушкинды, Ҡаршы алды ла ул, әйтте уға: — Әйҙә түрҙән, шағир, хуш килдең!.. Эйе, беҙ балалар, ер улдары, Күтәрәбеҙ йырҙы күктәргә. Бит кешене тәүҙә йондоҙҙарға Ҡанатлы йыр – хыял күтәргән! ОС ҺИН, ҠОШСОҠ Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем, Нишләһәң дә – мәйелең; Теләһәң – ос, күккә ашып Теләһәң – ос, кәйелеп. Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем, Һин бит шағир илендә. Тотҡон булма күңелемдә, Күңелемдә-гөлөмдә. Ос һин, ҡошсоҡ, ос, иреклем, Гөлөмдө лә иҙеп кит. Ләкин ниндәй утлы гөлдө Иҙгәнеңде һиҙеп кит!.. * * * Ай-һай, хәтәр шаулай ҡарт ҡарағай, Тынмай-ҡуймай төнө буйына. Ни һуң уйлай шулай был ҡарағай, Кем шом һалған уның уйына? Әйтерһең дә шулай донъя шаулай, Шаулай йылдар, шаулай быуаттар. Тау йылғаһы ташып килһә шулай, Быуа йырылыр бит, быуа тар... Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер даулай — Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә. Юҡ, йоҡоһоҙ шулай күңел дулай, Һине уйлап, үкһеҙ өңөндә... ШӨШЛӨ Инәй, минең шөшлө ҡайҙа икән? Ебәрһәнә табып шөшлөнө! Иыр сыҡмаһа, сабаталар үреп, Үткәрермен, бәлки, эш көнөн. Шиғыр юлы йүкә түгел дә бит, Шиғыр юлы иҫкә төштөмө, Ниңәлер гел, ҡәләм тыңламаһа, Фәһем итәм беҙҙең шөшлөнө. Атай-олатайҙар Ҡаратауҙа, Ҡурыс һыҙырғастын йүкәгә Оҙон ҡыштар буйы, көйләй-көйләй, Тотмағандыр уны тикмәгә. Алдашмаған улар йырҙарында, Алданһа ла мәңге үҙҙәре, Хаҡ-нахаҡтың юлын-юлға юллап, Иүкә һымаҡ теҙгән һүҙҙәрен. Минең дә бит тәүге йыр-моңдарым Сабаталар туҡып яралды. Ебәрһәнә, инәй, шул шөшлөнө — Олатайҙар тотҡан ҡоралды!.. * * * Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып, Әгәр мине үлем ауҙарһа, Мин һандуғас кеүек үлһәм ине, Һәм күмелһәм ине тауҙарға — Туған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә Ағып ятһын ине Йүрүҙән. Бәлки, кире, тороп йырлар инем, Тыуған тауҙарымды күреүҙән. Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым Мин ут яҡҡан үркәс башына. «Был донъяға ғашиҡ шағир», – тиел Яҙыу яҙһын ине ташына. Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа, Мин донъяға тағы ҡайтырмын, Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың Тамырҙарын тотоп ятырмын. ЯЛБЫР ТИРӘК Бөгөлә тирәккәйем, Һығыла тирәккәйем; Ул бөгөлһә, ул һығылһа, Һыҙыла йөрәккәйем. Ҡуҙлана йөрәккәйем, Боҙлана йөрәккәйем; Мин янғанда, мин туңғанда, Нишләһен тирәккәйем! Ул тик үҙен генә белә, Шаулай ҙа тора ғына. Миндә мең яра булғанда, Унда бер яра ғына. Балта сапһа кемдер уға, Балта эҙе уңалыр. Уны күргән йөрәк кенә Яналыр ҙа туңалыр... САЛ ҠУНҒАС... Болоттарҙы ярған йәшен һымаҡ, Сикәмдә сал киткәс ялтырап, Тәүге ҡабат күңелем күкрәгәнен Тыңлап торҙом, көлөп, аптырап. Үтте ләме йәшен-йәшлек беҙҙән, Бөттө ләме йырың, һандуғас? Алыҫтамы шулай яҙғы күкрәү, Сәстәреңә инде сал ҡунғас? Иртә өлгөрҙөк шул, артыҡ иртә, Артыҡ иртә төштө ҡырауҙар. Үткәненә илдең бағығыҙ ҙа, Һеҙ бирмәгеҙ, йәштәр, һорауҙар. * * * Ямғыр тынған. Ерҙән томан ҡалҡа. Ҡайын, ҡарағайҙар ойоған. Тик ҡайҙалыр һандуғасҡай ярһый, Тик ҡайҙалыр кәкүк бойоға. Тик йоҡоһо ҡасҡан алабайҙар Абалайҙар алыҫ-алыҫта... Ә йәш үлән, шыптыр-шыптыр килеп, Атылып сыға ҡаулан-балаҫтан. Зәһәр шарапмы ни хуш еҫтәре! Бындай таңда ҡалай йоҡларға? Бындай таңда йәшлек ҡайтмаһа ла, Иҫтәлеген кәрәк һаҡларға!.. Переделкино ЫРҒЫҘ БУЙЫ Зәлифәкәйгә Ырғыҙ буйы – алты ауыл, Алтыһы ла алтындан. Алыҫтарҙан дала моңо Алды быуып алҡымдан. Ырғыҙ буйы – алты ауыл, Алтыһы ла алтындан. Әйтерһең дә балсыҡ өйҙәр Яратылған ялҡындан. Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай Алыҫтарға алҡынған, Ҡанса быуат бөркөттәре Дала иңләп талпынған!.. Ир ҡыҙ булып алышҡан ул Салауат яуҙарында, Бүгәсәү тигән исеме Һүнмәгән дауҙарында. Ҡанса быуат Ырғыҙ шулай Ялманғандыр ялҡындан, — Заманалар әйткән уға: Ҡылысыңды ал ҡындан! Ҡылысҡайын асырғанып Һурып алған ул ҡындан. Батҡан дала данға ла ул, Ҡанға ла ул алҡымдан. Алты ауылға ҡалһа ла, Алты ҡәлғәләй тора. Ҡалғандары ғына моңһоу — Башын сайҡап ултыра. Моң-һағыштан салланғанмы Ырғыҙ сәсе – ҡылғандар? Ниңә улар моңайышып, Һағайышып ҡалғандар? Ҡайҙа беҙҙең Айбулаттар, Ниңә тыумай Ниғмәти, Ниңә китте һәҙиәләр, Ҡайҙа беҙҙең Ғөбәй? – ти. Ҡайтты «Ырғыҙ», ҡайтты ир ҡыҙ, Ҡайғырмағыҙ, ҡылғандар. Ниғмәтиҙәр тыумаһа ла, Тыуыр илдә ҡалғандар!.. Ырғыҙ буйы – алты ауыл, Алтыһы ла алтындан. Алтын улар аҡ күңелле, Ныҡ күңелле халҡымдан! ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ! (Есениндан) Күҙен йомдо быҙ-быҙ йондоҙҡайҙар, Ҡалтыранды йылға көҙгөһө. Таң ҡыйылды алыҫ, әллә ҡайҙан, Алландырып бөтә күк йөҙөн. Уяндылар ап-аҡ ҡайыйдары, Балҡып китте көмөш олоно. Шыптырлатып йәшел сулпыларын, Елберләште ебәк толомо. Ситән эргәһендә ҡуйы кесерткәндәр Мәрүәт-селтәр күлдәк кейгәндәй. Бышылдашып улар баш эйгәндәр Һәм: «Хәйерле иртә!» тигәндәй... ЮЛДАР Журналист-ҡәләмдәштәргә Эй, газетам, ғазабым һин минең, Ҡайҙан килеп һиңә эләктем: Ярты ғүмер һиндә үтеп бара, һураһың да, ай-һай, електе! Көнө-төнө һиндә, орсоҡ һымаҡ, Зыр әйләнеп үтә ғүмерҙәр, Эшең өсөн бында маҡтамаҫтар, Эшең өсөн бары һүгерҙәр. Арып ҡайтҡас, ҡулға ҡәләм бармай, Төшөп китә китап ҡулыңдан. Ҡурғаш һымаҡ ҡайнай-ҡайнай торғас, Ҡатам мәллә хәреф юлындай? Юлдар, юлдар – сикһеҙ ил юлдары, Юлдар, юлдар – хәреф юлдары, Шул юлдарҙы буйлап, Көн-төн уйлап, Үтте ләме йәшлек йылдарым? Ә шулай ҙа Юлһыҙ йәшәү миңә, һыуһыҙ йәшәү һымаҡ балыҡҡа. Ярай, тиһең, Минең хеҙмәтем дә Кәрәк әле, тиһең, халыҡҡа. Был эштең дә бар үҙ шиғриәте, Һис кем татымаған шатлығы. Ҡулдарыңа яңы һанды тотоп, Ҡайтҡан саҡта төнөн атлығып, Шундай татлы һиңә, Шундай яҡын Ҡурғаш, буяу, ҡағыҙ еҫтәре: Уларҙа бар заман һулышы ла, Уларҙа бар илең төҫтәре. Тик шуныһы: Тиҙ туҙабыҙ, буғай, Бар һәнәрҙән ауыр һүҙ эше: Өнөңдә лә һүҙҙәр тынғы бирмәй, Төшөңдә лә сыға һөҙөшөп... Ләкин беҙ бит Бөтә кешеләрҙән Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ. Беҙ — Үҙ хәбәрсеһе Киләсәктең! Күңелебеҙ шуға йәш әле... * * * Заманында ғәмһеҙ йөрәгемде Өтөп алғандарың бар ине. Тик ул саҡта ғорур күңелеңдә Минең өсөн урын тар ине. Хәҙер инде минең йөрәгем дә Өтөп алыуҙарға күнеккән. Эҫеһен дә, һыуығын да күргән, Иҫе китеп бармай күбеккә. Һин дә инде һин түгелһең хәҙер, Башҡа ҡылыҡ, башҡа төҫ кергән... Тик мин үҙем хәҙер малайыңды Өтөп алыр бер ҡыҙ үҫтерәм!.. УЙҘАРЫМ (Ҡобайыр) Ярты төндә уянып, Йоҡлай алмай уйланып, Уйлап ятҡан уйҙарҙы — Таралышҡан ҡуйҙарҙы — Ҡалай итеп йыяйым, Ҡалай итеп тыяйым? Далалағы ҡамғаҡтай, Әкиәттәге йомғаҡтай, Тотоп тыйып булмаҫтай, Ташлап ҡуйып булмаҫтай, Ағым мәллә уйҙарым, Һағым мәллә уйҙарым? Заманаһы – заманға, Яҡшылығы – яманға, Дөрөҫлөгө – ялғанға — Барыһы бергә ялғанған!.. Ҡалай итеп һүтәйем Был сыуалған йомғаҡты? Ҡалай ҡыуып етәйем Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты? Йөрәгемдең ҡағышы, Йөрәгемдең һағышы — Етмеш ете яу күргән, Етмеш ете дау күргән Халҡым ғына шул минең, Ялҡын ғынам шул минең! Аҡҡан ғына ҡандары — Иҙел түгел, даръя шул, Сыҡҡан ғына дандары — Иле түгел, донъя шул; Ир күңелендә ил булһа, Уйҙы тартҡан улъя шул!.. Бөгөнгөһөн уйлайым, Иртәгәһен буйлайым, Иртәгәһе – ишәккә, тип, Ҡулым һелтәп ҡуймайым, Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе Ишәктер тип уйлайым. Ай, Уралым, Уралым — Ил һаҡлаған ҡоралым! Ятып ҡалған төнөң бар, Балҡып янған көнөң бар, Мең йыл йәйгән түлең бар, Түл йәйҙергән телең бар, Телде һаҡлар халҡың бар, Илде туплар хаҡың бар!.. Һалып илдең оранын, Ырғыҙ, Сәҙе, Сораным, Ҡаҫмарт, Миәс, һаҡмарым, Курган, Кама яҡтарым, Хәлегеҙҙе һораным... Тик яҡшыға юраным. Ил яҙмышы ирҙә икән, Ил иртәһен уйлаһын, Ил иртәһе – ишәккә, тип, Ҡулын һелтәп ҡуймаһын; Ҡарҙың башын ҡар ашап, Туҙҙырмаһын улъяһын! Туйған ерҙә йөрөгән дә Тыуған ерҙән туймаһын! Айҡап сығам, байҡап сығам, Иҙел, Урал буйҙарын, Иҙел, Урал буйҙарын, Ярты төндә уянһам да, Ниҙе генә уйлаһам да, – Илем, һиндә уйҙарым, Иртәгәңдә уйҙарым!.. * * * Диҡҡәткә Үтелгәндәр, дуҫҡай, хата булған, Ауыр аңлай кеше хатаһын, Һуңлап килә бәхет!.. Тик үкенмә: Бала аңлар ысын атаһын. Ә баҙлауыҡ балҡып йондоҙ булмаҫ, Ысын йондоҙ ул тик – Мәрйәмең. Уртаҡлағыҙ бергә ғүмер юлын, Был донъяның татып һәр йәмен. Типһәк әле тимер өҙөр саҡ бит, – Ҡотло булһын яңы юл башы. Ижад, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кенә Өйөгөҙҙөң булһын юлдашы! * * * Ун йыл үткәс, ҡапыл осраштыҡ беҙ Урамында ят бер ҡаланың. Ят бер тауыш ниҙер һөйләһә лә, Мин үткәндә тороп ҡаламын; ...Аға ине томан Йүрүҙәндә, Аҡ толомон айҙан таратып. Беҙ ултырҙыҡ ярҙа таң атҡансы, Әллә былай, әллә яратып?.. Әле иҫтә тулҡын сайпылыуы, Әрем еҫе иҫтә ҡулыңдың. Зәңгәрлеге иҫтә күҙҙәреңдең, Йомшаҡлығы етен толомдоң... Ун йыл үткәс тағы осраштыҡ беҙ Урамында ят бер ҡаланың. Ҡойолһа ла тирәк япраҡтары, Мин үткәндә тороп ҡаламын... * * * Ниндәй соғолло был саған, Мин аптырап уға бағам: Япраҡтарын ҡойоп бөтһә лә Емештәре елгә өлгөрә. Емештәрен, бешеп етмәй, Һис тә бит ул ергә түкмәй, Һаҡлай емен яҙға ҡәҙәр, Ҡайтҡанғаса ҡантүшкәйҙәр Ә беҙ ниңә ашығабыҙ, Күрһәтергә ашҡынабыҙ Сейле-бешле емештәрҙе, Бөтмәйенсә күп эштәрҙе? ҺҮҘЕМ БАР Елдәр булып иҫәм – иҫкәндә, Гөлдәр булып үҫәм – үҫкәндә, Һыуҙар булып ағам – аҡҡанда, Тауҙар булып баҫам – баҫҡанда. Әйтер һүҙем – иҫкән елдәрҙә, Күрер күҙем – үҫкән гөлдәрҙә, Яҡты уйым – ағыр һыуҙарҙа, Мыҡты буйым – ғорур тауҙарҙа. Ал ҡанымда ҡояш нуры бар, Йөрәгемдә ерҙең йыры бар, Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар, Шуға минең әйтер һүҙем бар!.. * * * Һалҡын ҡараш – һалҡын был аш — Туйҙырҙы бик, туйҙырҙы! Төҙәтәм тип, ахыры, ҡаш, Күҙ сығарып ҡуйҙырҙың? Көнөң һыуыҡ, төнөң һыуыҡ, Күңелеңдә ел илай. Әйтерһең, ул яҡтыһы юҡ Болот ҡыҫҡан яңғыҙ ай. Таралырмы был болоттар, Ай табырмы йондоҙон, Һүнерме һуң һуңғы уттар?.. Аһ, ниңә был төн оҙон?.. ҺӨТЛӨГӘНДӘР Атайым иҫтәлегенә Һөтлөгәндәр, һары һөтлөгәндәр Ерҙе ҡаплап сәскә атҡандар. Ә ниңә һуң, сәскә атҡан көйө, Башын эйеп, уйға батҡандар? Хәтерләйме хәтәр һуғыш мәлен, Сабыйҙарға ризыҡ булғанын, Мең-мең еңгәләрҙең, апайҙарҙың Сәскә атҡан килеш һулығанын? Хәтерләйме, башын ергә эйеп, Атайҙарҙың өнһөҙ ятҡанын, Еңеп илгә ҡайтҡан ирҙәрҙең дә, Яраһынан ҡаны аҡҡанын? Һөтлөгәндәр, һары һөтлөгәндәр, Йыйып алып һеҙҙе күңелдән, Мин дә башты аҫҡа эйеп кенә Байрам итәм Еңеү көнөндә... * * * Ергә ятып бер илайһы ине, Бер илайһы ине туйғансы, Сабый саҡтағылай, үкһеүеңде Иң изге йән килеп тыйғансы. Юҡ, хәҙер һин үкһеп илаһаң да, Һис кем килеп инде йыуатмаҫ, Һиҙгер ҡулы менән сәсең һыйпап, Сеү, балам, тип инде һүҙ ҡатмаҫ. Ә шулай ҙа бер илайһы ине, Аңлар ине, бәлки, Ер-әсә. Тик күҙеңдә инде йәш ҡалмаған, Ир күҙе тик ҡорос нур сәсә... АҠҠОШ ЙЫРЫ Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа, Ауыҙлыҡта алтын аҡыл бар. Ә елергә инде ирек ҡуйғас, Ары торһон алтын аҡылдар! Ары торһон көмөш йүгәндәрең, Ары торһон ебәк теҙгенең. Был донъяла аҡҡош йыры барҙа Яҙ итә бел, әйҙә, көҙ көнөн. Ҡабатланмай һис ни был донъяла, Был донъяла барыһы үтәсәк. Хәтерләргә тик иҫтәлек ҡалһын, Ахыр сиктә тик шул көтәсәк. АЛМА ЕҪЕ Алма ашап бара ине бер ҡыҙ Автобуста, минең эргәмдә. Аптыраттым үҙен, уға ҡарап, Бына һиңә, тиҙер, бер бәндә!.. Алма еҫе ҡапыл күңелемдә Атай төҫөн алға баҫтырҙы. Алыҫ ҡалған етем балалығым Көнө буйы арттан баҫтырҙы. Атай бер мәл, яуға китер алдан, Алма алып ҡайтты Өфөнән... Ахыры, шуға күрәм ғүмер буйы Атай төҫөн алма еҫенән? АҠ СӘПСЕК Аҡ сәпсеккәй осоп килде лә шул, Аҡ ҡойроғо менән боҙ ярыр; Аҡ ҡойроғо менән боҙ ярыр ҙа, — Аҡ күперкәй ярҙан ҡуҙғалыр. Аҡ сәпсеккәй осоп килде лә шул, Аҡтарылып, шаулап боҙ китер; Аҡтарып та алып йөрәгемде, Артҡайынан туйлап ҡыҙ китер. Аҡ сәпсеккәй осоп килде лә шул, Аһ, нишләйем, күпер ҡуҙғалыр; Аһтарымды белмәй, күңелемә Аҡ сәпсеккәй утлы ҡуҙ һалыр!.. * * * Ергә бөгөн шундай моңһоу ҡарай Ҡара болоттарҙың тотҡоно – ай. Көн ҡыуанлап, ҡойон ҡотора, Күңел болоҡһотоп тик тора. Шахтер тәмәкеһен тешләһәм дә, Көнө буйы ярһып эшләһәм дә, Һис ҡәнәғәт түгел үҙемдән, Толҡа юҡ был, ахыры, түҙемдән. Өндәшмәйһең икән, һеңлем, ниңә? Һин етмәйһең, ахыры, күңелемә, — Таратыр ҙа инең болотто, Һүндерер ҙә инең был утты... * * * Әллә ҡайҙарға ашҡынам, Әллә нишләрҙәй булам. Упҡын кеүек күҙҙәреңә Осоп төшөрҙәй булам. Әллә ҡайҙарға ашҡынам, Әллә нишләрҙәй булам. Сейә кеүек иренеңде Өҙә тешләрҙәй булам. Әллә ҡайҙарға ашҡынам, Әллә нишләрҙәй булам. Толомоңдо муйыныма Үреп ишерҙәй булам!.. * * * Үпкәләмә, һылыуҡай, Үпкәләмә – үпмәһәм. Тик бел шуны: донъя ни, Һине күреп үтмәһәм? Барлығың да – байлығым, Шул байлыҡ та бик еткән. Үбер инем илатып, Үртле көндәрем үткән. Үпкәләмә, һылыуҡай, Үпкәләмә – үпмәһәм. Тик бел шуны: нишләрһең, Үпмәйенсә үтмәһәм?!. * * * Һәр бер үҫкән һиҙгер яңыға. Һәр бер үҫкән һиҙгер тарихҡа. Һәр бер үҫкән әҙер тотоп алыр өсөн Һәр бер фекергә ул килер өсөн... Ньютон да асҡан бик яңыны, Бик, бик ябай ғына фекерҙән. Алма өҙөлөп төшкән — Шул алманы алған ул ерҙән. Шул алманы алған да ул ерҙән, Ергә төштө тигән, ер тарта... Һәр бер яңы фекер шулай тик тормоштан тыуа... бик ябай. * * * Бүлмәңдәге һәр нәмәгә сәләм: Сәйнүгеңә сәләм, көҙгөңә... Бөтәһенә минең ҡул ҡағылған, Бөтәһенә төшкән күҙгенәм. Бары бер нәмәгә сәләмем юҡ — Тәҙрәң төбөндәге сәскәгә. Ете ят ул ергә – ҡағыҙ сәскә, Ергә уны елдәр сәсмәгән!.. Әгәр ҙә һин мине хаҡлы тиһәң Хәтерләүгә йәки ҡәҙергә, Һалма ла һин ҡағыҙ сәскәләрҙе Хатта минең өнһөҙ ҡәбергә!.. * * * Бәлки, минән аҡыллыраҡтыр һин, Тик был аҡыл миңә күңелһеҙ. Үҙем нисек, шулай булғым килә, Ә ҡалғаны, сүптәй, еңел һүҙ. Кеше тыуған саҡта уйламаған Нисек итеп хәйлә ҡорорға, Мәжбүр булған тик башҡалар менән Үҙ-үҙенә ек-ят булырға. Шундамы һуң уның тантанаһы, Бәхет сиген шунда тойғанмы? Юҡ, ул бары үҙен алдаған тик Һәм алдаған яҡты донъяны!.. ӨС КӨЙ Күҙ алдыма һының баҫыу була, Көйләй башлай күңел өс көйҙө: Йә маскарад вальсы үкһей унда, Йә һағышы – Огинскийҙың. Йә хушлашам мәңге һинең менән, Ватерлоо тигән күперҙә. Тик үткәндәр йәйғор күпер булып Тороп ҡала яңғыҙ үтергә. Күҙ алдыма һының баҫҡан һайын, Баҡҡан һайып һәр бер хатыңа, Өҙгөләнә өс көй, үкһей миндә Өс сабыйҙың бәхете хаҡына... * * * Оҙон-оҙон юлға сыҡһаң ине, Шундай юлға – ғүмер еткәнсә! Тик ул юлда һин дә булһаң ине, Һин дә булһаң ине!.. Был ғәжәйеп әкиәт булыр ине, Шундай әкиәт – «мең дә бер кисә». Тын да алмай тыңлар инем уны Әкиәтсеһе булһаң!.. Ләкин тормош тормош булып ҡала, Хыялдарға төрмә һин нисә, Тик хыял да уртаҡ хыял булһа, Бер йыуаныс беҙгә!.. 1967 ИЛ ТОЙҒОҺО Ил тойғоһо иргә миҙал түгел — Муйынына тағып йөрөргә. Ил тойғоһо ирҙең намыҫында, Йөрәгендә йөрөй гел бергә. Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем Ил тойғоһо менән тулғанда, Тамаҡ ярып ниңә ҡысҡырырға, Ниңә миңә миҙал, туғандар? Ил тойғоһо – бар тормошом минең, Тын алышым, йөрәк тибешем, Ул ғазабым, ул хазинам минең... Һәм иҫбатлар уны тик эшем. * * * Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ, Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа? Ышанысты улай алдамайҙар, Хаҡ һүҙ әйтһәң – миңә шул баһа. Һөйҙөм һине, өнһөҙ, өмөтһөҙ мин, Булмағандыр, бәлки, еңелдән: Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты, Аҡтарылып, янған күңелдән. Әммә мин ғорур ҙа була беләм: Әйләнермен таш бер ҡаяға. Тик баш эймәм һай холоҡло һыуға, Булыр әле ташты аяған... ҺУҢҒЫ КҮКРӘҮ Көҙгө күк күкрәй иренеп кенә, Серек сепрәк, гүйә, йыртыла. Сепрәк йыртығынан елбер-елбер Ямғыр ебе ергә тартыла. Ҡыштырлатып саған йондоҙҙарын, Ямғыр күҙе бына атылды. Һүндермәксе, ахыры, миләш ҡуҙын, Урмандарға ҡапҡан ялҡынды. Уның һайын миләш тәлгәштәре Үрләткәндәй булды ҡуҙҙарын. Һары ялҡын һаман үрләй бирҙе, Йондоҙҙар ҙа оторо ҡыҙарҙы. АҠҠОШ КҮЛЕНДӘ Залда һиңә ҡулын сапмай торған Мин берҙән-бер кешең, аҡҡошом. Сөнки һинең сихри бейеүеңә Тик йыр булып тыуа алҡышым. Килдем тағы «Аҡҡош күле»нә мин, Күрергә тип һине, аҡҡошом. Тал-ҡамышҡа боҫоп, – ҡатып ҡалам, Ҡурҡытыр тип һине алҡышым. Йылдар буйы телһеҙ ҡалыуымды Ғәйепләмә, зинһар, аҡҡошом. Телгә килһәм, осоп китерһең дә – Һуңғы йырым булыр алҡышым. * * * Бары һиңә генә туҡталғайным Донъянан мин үтеп барышлай. Тик һин дә бит моңһоу күҙҙәреңде Үптермәнең миңә ҡарышмай. Бәлки, мин яҙмышың булғанмындыр, Үкенерһең, ләкин мин булмам. Миндәйҙәрҙе, бел һин, онотмайҙар, Мин киткәс тә ирер күҙ алмаң. Һөйөү бит ул оло ҡаһарманлыҡ, Ҡаһарманлыҡ теймәй һәр кемгә. Йылдар аша уны илтмәй инем, Килмәгәйнем һиңә бер төнгә!.. * * * Һинең менән бергә булған саҡта — Айһыҙ ҙа бит ҡалай һәйбәт төн! Тик йондоҙҙар ғына беҙҙе күҙләй, Әйҙә, һатһын беҙҙең ғәйбәтте... Йондоҙҙарға ышанырға була, Мин уларҙың беләм ғәҙәтен: Бер ҡасан да улар кешеләргә Һөйләмәйҙәр кеше ғәйбәтен. Һөйләһә лә тамсы иҫем китмәй, Үҙем асам ғишҡым ғәйбәтен: Ҡысҡырырға әҙер бар йыһанға: Һинең менән ҡалай һәйбәт төн!.. ТУТЫЙҒОШ Ә шулай ҙа һин ғәҙелһеҙ миңә, Бөтәһе лә булды үҙеңдән: Үҙең әйҙәнең бит боҙ ямғырын, Йыртып алып күңел күгемдән. Миңә әйткән ихлас һүҙҙәреңде Ҡабатлағас үҙең башҡаға, «Минән дә ул арттырҙымы?» тиеп, Бер тутыйғош хатта баш ҡаға. Көмөш тауыш аҡҡош, ҡоҙғон булып, Ташланһа бит күктән емтеккә, Ниндәй йән шишмәһен боҙ ҡоршамаҫ? Ғәйепләмә мине һин тиккә!.. * * * Нигә генә хәҙер ҡағылмайым, Нигә генә хәҙер күҙ төшә, Бөтә нәмә серен сисә миңә, Бөтә нәмә йырлай, һөйләшә. Һәр ағастың үҙәгендә үҙем Һынсыл ҡарттай йәйрәп ултырам. Мин был ерҙең, гүйә, эйәһемен. Мин был ерҙә шундай мул торам. Миңә бары ҡайнар һөт булһын да, Булһын тағы телем икмәгем. Башҡа байлыҡ – бары бер айлыҡ бит, Тик ил ғәмен килә йөкмәгем. * * * Түгелмәне миләшкәйем, Түгелде күҙ йәшкәйем... (Йыр) Кәләшенә килгән кейәү егет, Кәләшенә килгән кейәүләп. Юҡ, атын да егеп тормаған ул, Килгән бары былай – йәйәүләп. Ә ҡыҙ ялан аяҡ, осоп-төшөп, Һый әҙерләй үҙе, шундай үҙ! Алдыр-алдыр ҡымыҙ күбекләнә, Өҫтәл тулы ниғмәт, шаян һүҙ... Аһ, ниңә был һуңғы күрешеү тик, Сымылдыҡһыҙ сыҡҡан күҙ йәше? Мин һиңә тик имән ағай ғына, Ә һин уның миләш-кәләше!.. * * * Ҡоралайым минең, ҡоралайым, һинһеҙ нисек, ҡайҙан йыр алайым? Ҡайҙа дауа яңы яраға, — Йылға түгел, гүйә, яр аға!.. Бәғерһеҙме бәрхәт тау яҡтарың, Ниңә шулай ҡаты тояҡтарың? Ниңә иҙҙе күңел гөлөмдө? Әллә һин шәфҡәтһеҙ ел инде?.. Уйлағанда һинең турала, Зиһендәрем минең тарала. Ир иткәс бер, ниңә ер итеү? Таш иткәс бер, ҡайҙа иретеү? * * * Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын, Юл йөрөргә йәнең күнегер, Һыуға сумһаң, һыуың тәрән булһын, Һыу һайында тәнең күмелер. һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө, Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ. Дуҫлыҡ кәрәк икән, бул ысын дуҫ, Ауыр саҡта ташлап ул ҡасмаҫ. Ә дошманың булһа, булһын дошман Үҙеңдән дә көслө, нығыраҡ. Көс һынашып ҡына көсөң үҫер, Еңеүең дә булыр татлыраҡ. * * * Тормош булғас, булыр барыһы ла: Боҙло ямғыры ла, ҡары ла. Күңелеңде ҡырған һүҙ ҙә булыр, Ҡырыла бит йылға яры ла. Ҡоромаһын бары йылғаң ғына, Аҡҡан йылға табыр йылғаһын. Арабыҙҙа бары йыр ҡалһын да, Арабыҙҙы йәйғор ялғаһын. Тик булмаһын ете төҫлө нурҙа Ғәмһеҙлектең заты, остоғо. Күңелемдә яҙғы күкрәү булып, Ҡоралайым, сап һин, ос тағы!.. ТУҒАН ТАУЫШТАР Ҡайын туҙы утлы саҡмамы ни, Дарымы ни шыршы ылыҫы!.. Ләүкеп киткән шул ут ҡына ла бит Ғүмерҙең бер оло ырыҫы... Һары ялҡын ҡаштарымды өтә, Күҙҙе һөртә зәңгәр төтөнө. Йондоҙ-ауын ташлап, ай-балыҡты Тотоп бирә миңә һил төнөм. Таң йәйәһен күккә һуҙыу була, Ҡыштырлаша уҡлы ҡамыштар. Кереш тартып, йөрәгемә ата Шул уҡтарҙы туған тауыштар... ЕМЕРЕК ӨЙ Ауыл ситендә бер емерек өй Тороп ҡалған япа-яңғыҙы. Ҡылау һалған салыш тәҙрәләре Иңрәй һымаҡ ҡан-йәш ағыҙып. Бер кем инде уға аяҡ баҫмай, Ҡош-ҡорттоң да хатта юҡ юлы. Тик, бүҫелеп төшкән ҡыйығының Һаламдарын йолҡоп ел олой... Ә ҡасандыр унда... усаҡ янған, Көлсә бешкән, көлгә күмелеп!.. Хас та ошо ташландыҡ өй хәҙер — Һин ҡыйратып киткән күңелем. * * * Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына, Ап-аҡ нурҙан күңел тулышҡан. Дәү бер эшем бөтөп ҡалған һымаҡ, Һауа шундай иркен һулышҡа. Сасҡауҙан ер сатнап ярылғанда, Ярылырҙай булды йөрәгем. Бурай-бурай бөгөн ҡарҙар яуа, Бәхет өйә, гүйә, көрәгем!.. Имен булыр быйыл, ер өшөмәҫ, Уранғастын аҡҡош тунына. Кейҙергәндәй булдым үҙем уны Һылыуымдың һомғол һынына. ДУҪТАРҒА Тау ектәре менән сурғыларҙан Баш ала ла алғыр йылғалар, Бер үҙәнгә төшөп алҡынһалар, Тау-ташты ла һуғып йығалар. Яңғыҙ йылға, күпме ярһымаһын, Ҡушылмаһа уға иштәре, Һаҙамыҡҡа ҡойоп юлын ослай, Түңгәктәргә күмә эштәрен. Тау-таштар күп, дуҫтар, юлыбыҙҙа, Яңғыҙҙа ла яңғыҙ аҡмайыҡ. Илгә инселәнгән изге көстө Һаҡлашайыҡ бергә ап-айыҡ!.. * * * Мөгөҙөнә һалып таң ҡояшын, Болан баҫҡан йылға ярына. Ҡыбырлаһам, ҡояш төшөп китер, Тын да алмай боҫтом янына. Ҡояшты ул ғорур башы менән Алып ташланы ла һыртына, Ирендәрен манды алһыу һыуға, Нур һемерҙе шулай бер тына. Һәм, бышҡырып, башын сайҡаны ла Ялмап алды ваҡ тал япрағын. Аҙаҡ китте, муйыл толомона Батырҙы ла сатыр тарағын. Эй, гонаһһыҙ күрке тәбиғәттең, Нисек һиңә мылтыҡ тоҫҡалһын? Йөрө әйҙә, һил һуҡмаҡтар буйлап, Шиғырымда һинең төҫ ҡалһын!.. ЙӘШ ФИЛОСОФ Ни уйлайһың, йәш философ? Ни фәлсәфә ҡораһың? Шул фекерҙә тораһың: Һәр саҡ булһын ҡояш, тиһең, Һәр саҡ булһын күк, тиһең. Әсәм булһын, мин булайым, Ә ҡоралды... түк, тиһең. Ә һуғышҡа «юҡ!» тиһен. * * * Күк күкрәүе Һаңғырауға юҡ тик, Тик һуҡырға — Йәшен йәшнәмәй... Һәр тәғлимәт Үҙгәрергә тейеш, — Үҙгәрмәһә, Ул бит йәшәмәй! * * * Улыма Ир-егеттең яуға китеүҙәрен, Уҡ-һаҙағын аҫып, ҡалъянын, һөйләһә тик һөйләр ҡурай ғына, Һөйләй алмаҫ уны тальяның. СӘСКӘЛӘР Сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр — Донъяға йылмайып бағалар. Йылмайһын, йыуатһын, Гел атһын Именлек сәскәһе – балалар. ҺОҠЛАНЫУ Шиғриәт бит – ул һоҡланыу, тиһең, Һоҡлан, тиһең, яҡты донъяға, Һоҡлана бел, тиһең, матурлыҡҡа: Ай-йондоҙға, һыуға, ҡаяға!.. Эйе, мин һоҡланам Матурлыҡҡа, Батырлыҡҡа, эйе, һоҡланам. Әммә, торған һайын был донъяла, Был һүҙҙән мин инде һаҡланам. Ниндәйҙер бер йәнһеҙ вәғәз унда, Ниндәйҙер бер ғәмһеҙ сафсата. Гел һоҡланыу хисте ойота тик, Гел һоҡланыу аңды йоҡлата. Һоҡлан, тиһең, сәсән телеңә һин, Ә сикләнһә уның кәрәге?.. Илгә, тиһең... Ә күпме ир илдә Ҡайғыртһа тик донъя сепрәген? Ҡайындарға? – Тотош Урмантауҙар Ултыртылмай, утҡа яғылһа, Дуҫлығың да күсһә дошманлыҡҡа, Аҡыл ойоп, сафлыҡ һатылһа? Ә һоҡланып бөтмәҫ был донъябыҙ Ҡыл өҫтөндә торһа? – Һүҙ тамам! Уҡымағыҙ өгөт-нәсихәтте, Һоҡланам мин... Ләкин – һаҡланмам! Йылғаның бар башы, Ләкин уның Ҡойған тамағы ла юҡ түгел. Тыуған – үлә, үлгән – кире тыумай, — Һоҡланыр тик быға туҡ күңел. Ут эсендә, йот эсендә һәр ни!.. Тураҡламай күр һин донъяны. Ярылырҙай була бит йөрәгең, Донъя мәхшәренән уянып... һаҡлашмаһаң әгәр Матурлыҡты, Һоҡланыуҙан күңелең тулһа ла, һуғышмаһаң уның өсөн, Һин дә, Һин дә, Һин дә — Үлтереүсе уны Донъяла! БЕЛҺӘҢ ИКӘН... Белһәң икән йондоҙҙарҙың телен, Мәңгелеккә улар ни һөйләй? Белһәң икән тулҡындарҙың телен, Ярҙарына улар ни көйләй? Беҙ – мәңгелек, тиеп күҙ ҡыҫамы Был йондоҙҙар кәкүк кисендә? Күпме хата эшләй кеше, тиме, Күбәләктәй ғүмере эсендә? Ҡасан улар беҙҙең ише шулай Булыр күркәм, ғорур, тиҙәрме? Ҡасан улар бер-береһе менән Һоҡланышып торор, тиҙәрме? Ә үләндәр, дәррәү үрелешеп, Ни һөрәнләй икән елдәргә? Беҙҙең кеүек татыу булығыҙ гел, Төрөнөгөҙ, тиме, гөлдәргә? Был тулҡындар, ярҙы һөйә-һөйә, Наҙҙы, тиме, беҙҙән алығыҙ? Япраҡтар ҙа, беҙҙең кеүек күркәм Булһын, тиме, ғүмер яҙығыҙ?.. Тәбиғәттә һәр ни үҙ урынында, Бөтәһе лә унда ярашлы! — Әллә шуның барыһын тойғанғамы Кеше шулай уйсан ҡарашлы?.. БАЛАН БЕШКӘНДӘ... Балам иҫкә төшкәндә... Һарығошҡай – үтәбикә, Сайҡалтмасы баланды! Ниңә шулай зарығаһың? Юғалттыңмы балаңды? Һарығошҡай – үтәбикә, Сайҡалтмасы баланды! Балан төпкәйендә ята — Типмәгән ҡош балаңды. Һарығошҡай – үтәбикә, Сайҡалтмасы баланды! Мин генә тик таба алмам Гүр алған баламды... * * * Шундай аяҙ, күм-күк күк йөҙө, йәйге төндәй йылы күк үҙе. Ә йондоҙҙар шундай сағыуҙар, Сағыулыҡта ут та саҡ уҙар... Яҡты йондоҙ шундай талпына – Һабантурғай шулай ҡалҡына: Ҡоя-ҡоя көмөш моңдарын, Белгән һымаҡ ерҙә мин барын... Йондоҙҙар ҙа төрлө холоҡло, Береһе кескәй, береһе олоҡло, Береһе тыныс, береһе бик ярһыу, Атылһалар ғына, яманһыу... Көтәм әле, көтәм, төн оҙон: Атылырмы минең йондоҙом? ШИҒРИӘТ Берәүгә һин – нан, Берәүгә һин – нам, Берәүгә һин – дан, Берәүгә һин – ҡан... Нан да һин миңә, Нам да һин миңә, Дан да һин миңә, Ҡан да һин миңә. Һөйҙөм йыр менән, Көйҙөм йыр менән, Тыуғас, үлермен Тик һинең менән, Берҙән-бергенәм!.. ШЫРШЫ Бер уйлаһаң, әҙәм ниндәй йыртҡыс! — Уйлап киләм әле ошоно: Тик бер көнөн байрам итер өсөн Бар ғүмерен ҡыя шыршының. Мин дә бына алып ҡайтып киләм Баҙарҙан бер йәп-йәш шыршыны. Балаң ише, миндә сабый бит, тип, Гүйә, шул саҡ шыршы шыңшыны. Илай сабый, сайыр йәшен һығып, Күҙ йәштәре ҡулға йәбешә. Ил буйынса ҡырған шыршыларҙың Ғүмерҙәрен аяп, йән өшөй... Аҙна торғас, улар ырғытылыр, Үкһеҙ бала һымаҡ урамға, Хәлһеҙләнгән энәләре генә Бер уйынсыҡ булыр буранға. Ҡаршыламаҫ һөңгө осо менән Был донъяның улар ал таңын — Балаларым һымаҡ сабыйҙарға Күтәрҙем мин – кеше, балтаны... * * * Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин, Ниңә яңғыҙ тулған ай һымаҡ? Hyp-наҙымды кемгә ҡояйым һуң, Наҙға бит мин яҙҙай бай һымаҡ?.. Берҙән-берем, ҡырыҫ ҡоралайым, Һин дә киткәс мине ҡалдырып, Яңынан мин кемгә ышанайым, Аҡтыҡ сарсауымды ҡандырып?.. Алыҫтағы алғыр шишмәм тигән — Далалағы ялған сағыммы? Сағым булһаң да һин, һағынғанда, Көҫәп барыр тыуған яғыммы? * * * Бала саҡтың сәмле уйыны Асмаһа ла инде ҡуйынын, Ғүмер буйы сәмле шул уйын Туйлап килә миңә үҙ туйын. Бирмәм генә тигән еремдән Тороп ҡалдым һөйгән йәремдән, Кем уйлаһын яңғыҙ ҡалырын? Алырымҡош алды алырын. Бирмәм тигән инем баламды, Дошмандарға ул дуҫ инде, Кем уйлаһын яңғыҙ ҡалырын? Алырымҡош алды алырын. Алырымҡош менән Бирмәмҡош Икән дәһә, ай-һай, был тормош. Ни ҡалдырҙың миңә, йә инде, Тик бирмәнем һиңә йәнемде! Яҙмам тигән инем атайҙан, Яуға китте атам Алтайҙан. Алырымҡош алды атамды, Алалманы ләкин Ватанды. Бирмәм тигән инем баламды, Алырымҡош алды баламды. Һин алырһың бер көн әсәмде, Ағыуларһың күңел кәсәмде, Алырымҡош мәңге көсөңдөң. Тик бирмәм мин телен сәсәндең! Иң башта Тартып алды бала сағымды, Йыланынан уның сағылды. Тик бирмәнем уның сафлығын, Күңел күктәремдә Яҙғы йәйғор булып сағылды. ҠЫШ ҠЫЛДАРЫ Шығыр-шығыр ҡыш та үтеп бара, Тик урманды ҡылау һырыған. Үҙәгемә сасҡау үтмәһен, тип, Ҡарағайға ҡайын һырыға... Ә ҡыҙҙарҙың унда эше лә юҡ, Елдерәләр йылғыр саңғыла. Бәҫ-томанға сумып юғалғанда, Туҙып ҡала көмөш саң ғына. Хыял-ҡыҙҙың эҙҙәренә төшөп, Елдереү ҙә түгел еңелдән. Шуға, ахыры, өҙөлөрҙәй булып, Ҡыш ҡылдары үкһей күңелдә!.. ӘСӘЛЕК Үҙе саҡлы ҡурсаҡ ҡосаҡлап, Уйнап ята ҡыҙым арбала. Албырғата, бәпләй ҡурсағын — Әйтерһең, ул йәнле бер бала! Ҡайҙан сабый бөтмәҫ наҙ таба Иркәләргә шулай ҡурсаҡты? Үҙ телендә ниҙер ләпелдәп, Төнәп китә үҙе бер саҡты. Тик атаһы һаман йылмая, Серен сисеп сабый уйының, Шулай тыуа, ахыры, Әсәлек, Уйнай-уйнай ҡурсаҡ уйынын?.. * * * Юлда төшөп ҡалған ҡамсы һымаҡ, Ҡара йылан ята һуҙылып. Һырт буйынан уның буй-буй булып Һоро таптар киткән һыҙылып. Ә күҙҙәре, ут күҙҙәре уның, Арбап ҡарай һинең күҙеңә. Тик, ыҫылдап башын ҡалҡытҡас та, Юҡ итәһең донъя йөҙөнән... Шундай анһат күреү, хөкөм итеү Юл өҫтөндә мәкер ҡылғанды! Ҡыйыныраҡ икән күреүе тик Ҡуйыныңда ятҡан йыланды... * * * Күҙе уйнай, күҙе яна башлай, Күктә осҡос күрһә, малайҙың. Моғайын да шулай күҙе баҙлап, Урағына баҫыр ул айҙың. * * * Ниндәй һалҡынайҙыҡ, тиһең. Эйе!.. Һалҡынайҙыҡ – боҙға әйләндек. Күңелдә тик үкенестәр генә: «Беҙ, моғайын, юҡҡа өйләндек...» Тау башынан уйнап тәгәрәткән Бер йомғаҡ ҡар тауға әйләнде. Ул ҡар тауын нисек иретергә? Ут яғырға ҡулдар бәйләнде... Ул ҡар тауын урап үтеп булмай, Артылып та булмай ул тауҙы. Булмай үрмәләп тә һәм төшөп тә, Өҫтөбөҙгә, гүйә, ул ауҙы... Мөмкин түгел уны ауҙарырға, Ул ҡар тауы – беҙҙең хаталар. Барыр юлға инде бағып булмай, Тик үткәнгә уйҙар ҡайталар. Нисек әле былай булды тормош? Ниңә сыҡтыҡ әле беҙ юлға? Бер йылғаның ике яры булһаҡ, Ниндәй йылға икән ул йылға? Минең маҡсат – шиғыр уты ине, Шул ут өсөн үттем ут-һыуҙы. Һин дә уны уртаҡлаштың башта, Хәтереңде аҙаҡ тут йыуҙы. Ҡапыл һин маҡсатһыҙ тороп ҡалдың, Ҡояш итеп күрҙең бер айҙы. Минең өсөн ул ут юғалманы, Барған һайын бары ҙурайҙы. Һин арбаның. Һин хыялый, тинең миңә, Хыялымдан көлә башланың. Хыялымда үҫкән сәскәләргә Һин бит хатта таш та ташланың. Шулай ҙа мин һине ташламаным, Етәкләнем һине ҡулыңдан. Еңелерәк юлға ҡайырһаң да, Тайпылманым барыр юлымдан. Эйе, ул юл еңел түгел ине, Мин үҙемә үҙем юл ярҙым. Юлдарыма баҫҡан таш-тауҙы ла Үҙ күкрәгем менән ауҙарҙым. Миңә ғәйрәт инде, һинән – сикте, Ғәйрәт һөйләй ситтә торғанды. Һин юрғанға ҡарап аяҡ һуҙҙың, Ә мин һуҙҙым үҙен юрғандың... ҺЫУҺЫЛЫУ Һыу алырға төшкән баҫмаға, Баҫмаға ул, гүйә, баҫмаған, Һыуҙа уйнай ана кәүҙәһе... Әйттермәһә хоҙай тәүбәһен, Һыу батшаһы булыр инем дә, Эргәһенә сығыр инем дә, Толомонан алып һылыуҙы, Ярып китер инем был һыуҙы... Ниндәй һын был һыуҙа тирбәлә, Мөхәббәтме тула биҙрәлә? Кемдең һуң ул яҡты өмөтө, Ниңә килмәй һаман егете? Шәфҡәт тә юҡ миңә, юҡ аяу. Йөрәгемә ҡаҙай уҡ ҡаяу... Ниңә шулай һыуға йылмая?.. * * * Һаумы, һаумы, ҡайынҡайым, Йылмай, йылмай, көл, айым. Яҡтырт беҙҙе был төндә, Йондоҙ янһын күгеңдә. Иҫерек мин, бик, бик иҫерек, Мөхәббәтем менән иҫерек. Түгелеп ҡуйма, мөхәббәтем, Айнып, башҡа иҫ кереп. Иҫ, талғын ел, иҫ, әйҙә, Шаула, япраҡ, үҫ, әйҙә, Ҡайынымды һинән көнләшәм, Япраҡ теле менән һөйләшә. Ҡосаҡланым шуға ҡайынды, Һүндер, күгем, һүндер айыңды. * * * Һинең яндан үткән саҡта, Атламайым, юртамын. Күҙем ҡаты, буй-һыныңа Күҙ тейер тип ҡурҡамын. Яратмай тип уйлап ҡуйма, Бик яратам, алтыным: Кейемемде өтөп бара Йөрәктәге ялҡыным. * * * Донъяла тик икәү тороп ҡалдыҡ: Мин аллаң һәм һин – табынған. Емерәһем килде һинең был аллаңды, Саҡыраһым килде табынға. Минең бары кеше булғым килде... Кеше булып, һине наҙлағым. Ә алланың һиндә ни эше бар? — Күрәме һуң беҙҙең алдағын? ШОКОЛАД Беҙҙең Туҡал быҙауланы Йондоҙ тигән быҙауын. Һөтөкәй булғас, ҡустым да Бөтөрөр бит буҙлауын. Бик һөйөнә әсәйем дә, Яҙмағас өмөтөнән. Бешерербеҙ бәрәмәс, ти, Тағы ыуыҙ һөтөнән. Әллә Туҡал да ҡыуана — Ялай ҙа ялай ҡыҙын. Көрән булғанға, ахыры, Шоколад, ти, йондоҙон?.. 1968 ҒҮМЕР Ер еләккәйҙәре беште инде, Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ, — Ир-егеткәйҙәрҙе, йәше үтһә, Бөгөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ. Япраҡтарҙы һары алды инде, Ел шаулатып түкмәҫ, тимәгеҙ, — Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ. Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде, Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, — Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ. Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде, Гөл сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, – Бишектәге бала, биш төрләнеп, Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ! * * * Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә, ҡыҙым, Донъя һиңә ал да гөл генә. Бер ниндәй ҙә әле ғәм заты юҡ, Йүгер ҙә һин, уйна, көл генә. Килер бер көн... һин һиҫкәнеп китеп, Тәү күргәндәй ошо донъяны, Күҙ бағырһың уға... ТӨШӨМ Ҡанатына һалып ҡыҙымды Алып китте торналар. Алып китте, Алып китте, Алып китте торналар. Тик үҙемә, яңғыҙыма Тороп ҡалды донъялар, Тороп ҡалды, Тороп ҡалды, Тороп ҡалды донъялар... * * * Их, йәшәйһе килә ел уйнатып, Йоҡоһонан ҡыҙҙар уятып, Көҙ һағышын бары айға буяп, Тальяныңда дәртең уйнатып... Юҡ, булмай шул, дуҫтар, булмай, булмай!.. һыҙғырһаң да, сыҡмай үткәндәр. Ни ҡалды һуң? – Бары иҫтәлектәр... Ни йыуата? – Бары үпкәндәр... Япа-яңғыҙ тороп ҡалыр инем, Ярай әле бар һеҙ – үткәндәр! * * * Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай, Ҡосағыңа ал мине. Һине һағынып, үлеп барам, Ҡурсып алып ҡал мине! Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай, Түшкенәйең бүлкәт тау. Түшкенәңдә ятайым, (Башым булһын) иҫән-һау. Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай, Ебәрмә миңә төтөн. Күп эсерҙе миңә донъя Таш имсәктән ҡом һөтөн. йүрүҙәнкәй – һылыуҡай!.. * * * Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының, Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында. Шағир – шаңдағы ул заманының Һәм көсө лә уның халҡында. * * * Яҙ еттеме, туңған ҡарт имән Айбарланып, уйға ҡала. Ярырғамы япраҡ, юҡмы, тип, Уйлай-уйлай уйға ҡала — Япраҡ ярырға ла һуңға ҡала... ДОН-КИХОТ (XX быуат монологы) Мин был донъяға Килешмәҫ өсөн килдем. М. Горький Бөтәһенә ҡайсаҡ ҡулың һелтәп, Киткең килә алыҫ төпкөлгә. Киткең килә тормош мәхшәренән, Һил һуҡмаҡтар эҙләп күңелгә. Күпме ерҙә ялған һәм яуызлыҡ, Күпме зиһен мәкер-хәйләле. Ә һин һаман хаҡ ҡылысың менән Ел-тирмәнгә ҡалдың бәйләнеп!.. Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ, Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ, Түрҙә йөрөй һаман ҡуштанлыҡ. Фәлсәфәлә фекер фәҡирлеге, Ысын тойғо суйын ҡалыпта. Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың Ер тотҡаһы булған халыҡта. Ниңә һаман кеше ер кәртәләй Тартыу көсөн ерҙең еңгәндә, Иыр-шиғырҙы тиндәр менән үлсәй, Йыр-шиғыры айға елгәндә? Һиңә өндәшәм мин, эй, һин донъя, Ә һинең юҡ миңә яуабың... Яратаһың бары дары еҫен, Ҡан әсеүҙән табып-сауабың. Өҫтөн итеү уйың ҡайһыларын Бөтә халыҡтарҙың өҫтөнән. Бар булмышың һинең был ер шарын Буяуҙалыр ҡара төҫ менән. Юҡ, мин һинең менән иҫәп өҙмәм, Килешмәҫкә килдем мин һиңә: Йә һин мине юҡ итерһең ерҙән, Йә баш эйерһең үҙең һин миңә! Кешелектең бөтә түккән ҡанын, Балҡып янған бөтә аҡылын — Мин һөжүмгә илтәм һиңә ҡаршы, Мә, йот минең нәфрәт ялҡынын! Юҡ, китмәйем һил һуҡмаҡтар эҙләп, Һәр йөрәккә изге ут яғам. Килешеү юҡ кеше күңелендә, Килешмәҫкә килгәс донъяға. Теләһәм, мин айға һикерәм бит — Бөтәһе лә миңә килешә. Бөтә Дон-Кихоттар минең арттан! Эй, фекерем, булма фәхишә!.. * * * Еңелсә быу ҡалҡа сей кәбәндән, Ахыры, бик дымлы ҡойолған, Арыған бер оло ҡош шикелле, Нәҡ башында болот ойоған. Ойомаған, кәбән башына ул Күкәй һалырға тип эйелгән, Ҡояш-күкәй һарыһын эсмәк булып Ултыра бер көрән төйлөгән. Һәм тәгәрәп барып ҡояш төштө Ә төйлөгән күккә атылды. Эләктеме, бәпкә ҡарағы! – тип, Мин дә борҙом кире атымды. * * * Мин барыбер һиңә — ярҙарыма ҡайтам, Күпме генә ташып аҡһам да. Хатта теләмәһәң дә мин ҡайтам, Үҙгәрмәҫтәй булып ятһаң да. Ҡайтам, ҡайтам, теләмәгәндә лә, Үҙем үҙгәртәм мин ярымды. АЛЫРЫМҠОШ МЕНӘН БИРМӘМҠОШ Алырымҡош менән Бирмәмҡош Икән дәһә, ай-һай, был тормош: Бала саҡтың сәмле уйыны Оҙатып килә ғүмер буйына. Алырымҡош икән аҡылым, Бирмәмҡош ул – йөрәк ялҡыным. Ғүмер буйы улар алыша, Ғүмер буйы улар тартыша. Алырымҡош ала алырын, Бирмәмҡошо бирмәй ҡалырын. Алырымҡош килһә шыҡыйып, Бирмәмҡошҡа бигерәк эш ҡыйын. * * * Һин бит үҙең обком миңә, Һин бит үҙең үҙәк комитет. Башҡа иман миңә инмәгән дә, Булмаған да, булмаҫ, нет!.. Ҡөрьән уҡып мин бит үҫмәгәнмен, Әфтиәк тә миңә – әкиәт. Әкиәттәр улы булһам да мин — Барлығымда йөрөй бер ниәт. Ул ниәтем – кеше, халҡым минең, Үҙем һымаҡ ябай, хәйләһеҙ. Бәлки, шунда бөтә фәжиғәлер, (Аңлағыҙ ҙа – алға – әйҙә һеҙ). * * * Ай нурымы йыуа тулҡындарҙы, Тулҡындармы әллә ай нурын? Мин ҡабыҙҙым әллә ялҡындарҙы, Әллә һинме – төнгө үҙ йырым? Мин ҡыҫаммы әллә ҡулдарыңды, Ҡыҫыламы әллә үҙҙәре? — Ниңә ҡапыл барыһы юҡҡа сыҡты, Ҡапыл төҫөң китте үҙгәреп. Иламһырап дерелдәгән кеүек нурҙар, Дерелдәне хәлһеҙ иренең. Үпкәләттем әллә үпмәйенсә, Ниңә былай ҡапыл иренең? * * * Ҡояшҡайым – атҡайым Йәйғор дуғалы. Сабып үтә күк туғайын, Йә болотта юғалып, Дағаһынан ут балҡыта, Дөбөр – шатыр күк. Алтын ялыңды елпеп, Көмөш ҡойроҡ түк!.. Көмөш ҡойроҡ, алтын ял, Ял да итеп ал, Ут сығарма, күкрәмә, Инде кәрәк ял!.. * * * Ҡара ҡанаттарым ҡағып ҡунып, Ҡара төндә һиңә ҡараным. Һин әле лә уны онотмайһың — Шомло ҡараш һалған яраны. Ҡарт Ҡарағош ҡаяһына ҡайтты, Ҡара төндә башҡа ҡарамаҫ. Тик ҡалдырған утлы ҡуҙын Һүндерергә уны ярамаҫ. Туйһа ла ул зәңгәр хыялдарҙан, Хыянаты уның тоғ(о)ро. Һин бәхеттән иҫерһәң дә... Йөрәгеңдә – утлы бер оро... * * * Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ, Үрттәр һалып китербеҙ. Ир-егеттәр ил йөгөн Иңгә һалып илтербеҙ. Ир иңендә ил ятыр, Ил ятмаһа, бил ҡатыр. Биле ҡатҡан ир-егеттән Гүргә илтер сир матур. Бил биренмәҫ көрәштәрҙә, Алыштарҙа нығыныр. Алыштарҙа алыҫ торған Бер һелтәүҙән йығылыр... * * * Көтмәгәндә миңә үҙ исемем Бик, бик матур булып тойолдо. Әйтерһең дә, мин яңынан тыуҙым. Һәм яңынан ҡотом ҡойолдо. Быға тиклем уға «ағай» һүҙен, Иә фамилиям ҡушып әйттеләр. Шул исемгә бик күп һүҙҙәр ялғап, Маҡтанылар, йәки һүктеләр. Ә һин уның бары үҙен әйттең Моңға күмеп тирә-яғымды. Исемемдең сере һиндә ятҡан, Шул сер килеп бөгөн табылды. * * * Яҙ еттеме – урын табалмайым, Китке килә алыҫ – ҡайҙалыр... Хатта яҙ тамсыһы тартмай йәнде, Кәйеф-сафалар ҙа файҙаһыҙ. Бер ни йыуандырмай. Яҙын бары Сорнап ала ауыр һорауҙар. Бөрөләрен ыуам ағастарҙың... Бер ни түгел һеҙгә ҡырауҙар, Бөрөләргә – шундай эреләргә... Япраҡ ярырһығыҙ ҡалай ҙа... Ни юҡһынам, көтәм? Белмәйем дә! Тик илайым үҫмер малайҙай... (Илья Сельвинскийҙан үҙгәртеп.) * * * Ете төн уртаһы... Сәғәт теленә – таңғаса — Юртаһы ла Юртаһы... Ҡайҙалыр, алыҫта-алыҫта, Һиҫкәнгән һандуғас һағышы. Һауаға таралған Нефтегаз томаны... Ә мин, бер үҙем, Шундай танылған һәм яңғыҙ, Иҫ киткес яңғыҙым, Мөңгөрләп мең көйҙө, Ҡайтам төрмәмә... Мин бөттөм иң ҙур эшемде! Ярай әле донъяла Ҡәнифә апай бар!.. * * * Берәү йөрөй ил булһын тип, Берәү йөрөй һил булһын тип, Берәү йөрөй тиңлек тип, Берәү йөрөй тинлек тип. Бөркөттәргә көн яҡшы, Ябалаҡҡа төн яҡшы. Үлемде лә йыҡҡан әйтер, Батыр әйтер намыҫ тип. Ҡуй ҡойроғонан ҡурҡҡан әйтер Мин намыҫтан алыҫ тип. Булыр-булмаҫ йорт булһа, Бөкрө билле ул тыуыр. Бәрәкәтле булыр йортҡа Батыр затлы ул тыуыр... 1969 АМАНАТ (Ҡобайыр) Һаҡлай белһә халыҡ үҙ телен, Һис иркенән яҙмаҫ илендә: Ул күктәге бөркөт шикелле — Кем тота ала уны күгендә!.. Хосе Рисаль Башҡорттоң аҫыл ире, ҡобайырсыһы, яҙыусыһы һәм бөйөк телсеһе Жәлил ағай Кейекбаев ҡәберенә – бер ус тупрағым Телең барҙа илең бар, Илең барҙа иркең бар, Иркен барҙа күркең бар, Ерең, күгең – икең бар, Утың, һыуың – дүртең бар. Шул дүртәүҙән башҡа заттан Кешегә һуң ни кәрәк? Шул дүртәүҙең дүртеһендә Ул таянған дүрт терәк: Дүрт күҙ менән бағып торған Байлығы ла дүртәүҙә; Дүрт яғын да ҡибла иткән Барлығы ла дүртәүҙә; Дүрт терәктең дүртеһен дә Тыуып үҫкән ил бәйләй; Ил яҙмышын ир муйынына Ҡылды ярыр тел бәйләй, Ҡырҡҡа ярыр тел бәйләй!.. Бәпләп-әрләп тел менән Кеше иткән инәбеҙ, Эшле иткән инәбеҙ; Һөйләп-көйләп тел менән Хисле иткән инәбеҙ, Көслө иткән инәбеҙ; Күҙебеҙҙе тел менән Нурлы иткән инәбеҙ, Үҙебеҙҙе тел менән Йырлы иткән инәбеҙ!.. Терелткән дә тел шуға, Үлтерткән дә тел шуға; Тел әйткән һүҙ ел түгел, Ҡәҙер-хөрмәт бел уға, Ҡәҙер-хөрмәт бел уға!.. Тел асҡысы – ил асҡысы. Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ, Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып, Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ, Ятып ҡалыр таш һымаҡ... Һай, таш булма, таш булма, Аң ғына бул телеңә, Аң булмайса, туң булһаң, Бер имгәк һин илеңә, Бер түңгәк һин илеңә! Тел төпкәйе – тал төпкәйе, Тал төпкәйе – тамыр ул, Тамырына балта сапһаң, Талың ҡороп ҡалыр ул; Тарбағынан ҡан-йәш һарҡып, Тып-тып итеп тамыр ул; Туп-туп итеп ҡош ҡундырмай, Түңгәк булып ҡалыр ул, Түңгәк булып ҡалыр ул!.. Түңгәгендә ни үҫер? Ни иркәләп ел иҫер? — Оял үлән, күл үҫер, Ҡорт ҡуҙғытып, ел иҫер; Күлең саҡ-саҡ сайҡалыр, Саң туҙғытып, сай ҡалыр... Тал төбөндә ни үҫер? Ни иркәләп ел иҫер? — Иҫ китерҙәй гөл үҫер, Гөл иркәләп, ел иҫер; Гөлдәр нурын таратыр; Елдәр йырын таратыр, Телдәр менән тел булып, Тиңдәр менән тиң булып, Хөр күңеле киң булып, Һандуғастай һайрашып, Ғөрөф-ғәҙәт алмашып, Халҡың ырыҫ ҡаратыр, Үҙенә дуҫ ҡаратыр, Үҙенә дуҫ ҡаратыр! Әсә теле барында, Сәсән теле барында, Кәм-хур булмаҫ табында, Йөҙ ҡыҙартмаҫ табында, Дуҫ-ишең ҡоронда, Ғәҙәтенсә борондан, Йырлар моңло йырын да, Түрҙә булыр урын да... Телең барҙа илең бар, Илең барҙа иркең бар, Иркең барҙа күркең бар, Ил биҙәргә дәртең бар, Ерең, күгең – икең бар, Утың, һыуың – дүртең бар!.. Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, Һүҙем әйтеп бөтәйем: Ни һуң икән киләсәк? Кемдәр унда киләсәк? — Яуап биреп үтәйем: Төрлө гөлдәр үҫәсәк, Һутлы емеш бирәсәк, Һәр гөлгә ер етәсәк. Бер баҡса ул – Киләсәк, Хөр баҡса ул – Киләсәк! Шуның өсөн һуғыштыҡ, Бергәләп ҡан ҡойоштоҡ, Шул ҡан менән дан алып, Бер ҡор булып ойоштоҡ; Яулап алған тел менән, Һаҡлап ҡалған тел менән Һәр кем шунда киләсәк, Сабый булып көләсәк, — Шул баҡса ул – Киләсәк, Мул баҡса ул – Киләсәк! Бар халыҡтың ҡоро ул, Көйлө, татыу йыры ул! Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ — Аманатым шул һиңә. Аманатҡа хыянатһыҙ, Аҡыҡтан аҡ юл һиңә, Аҡыҡтан аҡ юл һиңә!.. * * * Һәнәк менән һыуға яҙылһа ла, Саҡырырмын, тинең, туйыңа. Саҡырыуың саҡрымдар аша Инеп ятты бына уйыма. Юҡ, ул туйға барып етә алмам, Өндә түгел, хатта төшөмдә. Туй күлдәге кәфен булып балҡыр Бәхет итеп күргән кешемдә. Ҡулдарыңдан тотҡан ҡулдар миңә Таяғылай булыр ләхеттең. Үҙ күҙҙәрем менән күргем килмәй Ерләнеүен тере бәхеттең!.. * * * Беҙ киләбеҙ дүртәүләп, Өҫтөбөҙгә ҡар яуа, Ҡар ҙа яумай өҫтөбөҙгә, Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа, Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа, Баш әйләнгес саф һауа. Туҡай йыры һымаҡ яҡын, Янған йөрәккә дауа... Беҙ йырлайбыҙ туған телде, Өҙөлгән өмөттәрҙе... Күрһә икән Туҡай үҙе Бөркөттәй егеттәрҙе!.. (Әсхәл, Тимер, Рауил, мин, иҫ киткес бер матур төн.) АНАР Ниндәй һуң мин? Белгең киләме бик? Бүлгең киләме бик өлөшкә? Бәлки, етмеш яҙмыш һыйынғандыр Өлөшөмә төшкән көмөшкә? Тик мин бер йән: Барыһы үҙемдеке, Береһе лә түгел ят ҡунаҡ: Яғымлы ла, Ҡыйыу, уҫал да мин, Ҡыҙ алдында хатта мин ҡурҡаҡ... Тик беренән бер көн айырылмам: Барыһы изге һәм үҙ емешем. Етмеш емеш йомған көнбағыштай, Бер донъя мин, бер йән, бер кеше! * * * Ҡорбанына ташланырға торған Ярһыу юлбарыҫ та мин үҙем, Сәскә тотоп, балауыҙҙар һыҡҡан Унан бик алыҫ та мин үҙем. Бер матурҙы күреп, ут арбанан Һикереп төшөр ҙә мин бер һантый, Ергә ятып, ҡояш нурҙарында Туңып өшөр ҙә мин бер һантый. Сәскә араһында сәскә тапмай Илгиҙәр бер дәрүиш тә мин, Әремдәрҙән хуш еҫ татып, Сүлгиҙәр бер пәйғәмбәр ҙә мин. Йылан күҙҙәренә ҡарап йылан арбар Һын ҡатырғыс сихырсы ла мин. Балаларҙың күҙҙәренә бағып илар (Ытырғаныс) бер йырсы ла мин. * * * Кетер-кетер боҙ селтәргә баҫып, Елә-атлап килә Яҙһылыу, Өстән-дүрттән ишкән сәсе булып, Ағып ҡала арттан яҙғы һыу. * * * Иҫтә әле: көндө төнгә ялғап, Таң шәфәғен эскән мәлдәрем. Арымасы, биртенмәсе, тиеп, Сәстән һыйпап үткән елдәрем. Тауҙы тауға һөйәп ҡуйыр ғәйрәт — Килә бары халҡың хаҡына. Халҡым, тиһәң, турғай йөрәгең дә Тау бөркөтө булып талпына. Көс-ғәйрәт тик кәрәгендә күркәм: Көс кәрәкмәй икән, көс бөтә. Кәрәк икән көсөң, халҡың өсөн Көс-ғәйрәт тә ҡайта өсләтә!.. Күпме көстө бушҡа түгәбеҙ ҙә, Баҫылдырып тәнде, кис етә... * * * Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ, Яҙғаным юҡ һис тә шиғырҙар. Күк үләндәр кирелеп кереш тартһа, Аҡыҡ ҡар тик йырын шыбырлар... Мин бары тик тәржемәсе генә, Тәбиғәттең телен белеүсе, Ул ни һөйләй, ул ни көйләй, шуны Әҙәм балаһына (түгеүсе). Ерҙән шытып сыҡҡан үлән шауын Һәм кирелеп кереш тартыуын — Ғүмерҙәре бөткән япраҡтарға Асырғанып уҡтар атыуын, Ҡышын ҡарҙа әҙәм балаһының Йондоҙҙарға баҫып йөрөүен, Ярты төндә яңғыҙ бер ҡатындың Шул йондоҙҙо алып өрөүен, Күҙ йәштәре уның ҡарға төшөп, Муйынсалар булып туңыуын, Йым-йым килгән йондоҙҙарҙың Сал сәсенә уның ҡуныуын Мин бит бары тик тәржемә итәм, Аңлайышлы әҙәм теленә... * * * Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла, Булһын һүҙең айныҡ та. Һүҙ – әҙәмгә йыуаныс та, Ҡыуаныс та, байлыҡ та. Булһын һүҙең ғазаплы ла Халҡың тарихы һымаҡ, Булһын һүҙең башын эймәҫ Батыр (ы)рухы һымаҡ. Һирәк булһын – зирәк булһын, Себен яҙа уҙмаһын, Уйын-көлкө – барыһы булһын, Тик ғәмһеҙлек булмаһын. БУРЫЛ БЕЙӘНЕ ҺУЙҒАС... Ҡарындыҡта ҡолонҡай, Тояҡтары – һары май. Ҡарындығы – боҙ селтәр — Кем ҡайыған арымай? Иҫ-аҡылың китерлек Бәбәк кенә ҡолонға: Сабып сығып китерҙәй Бүтәгәләй болонға. Уйнаҡламаҫ, ил күрмәҫ, Тамаҡлағас инәһен. Беләм бары ҡолондоң Төштәремә инәһен... ЯҘ КӨТӨҮ Бала көткән әсә кеүек, Үҙ-үҙенә сумған донъя. Әйтерһең бер оло сер бар — Уны бары үҙе тоя. Үлемдә лә, тыуымда ла Бер тантана бар ниндәйҙер. Гүйә, ошо тантананы Талсығып көтә ер... Талсығыу бар талдарҙа ла, Кешеләрҙә, малдарҙа ла, Һуңғы көнөн көтөп ятҡан Боҙҙарҙа ла, ҡарҙарҙа ла... * * * Бала әгәр бала булмаһа, Уйнамаҫҡа тейеш донъяла. Ирҙәр әгәр ирҙәр булмаһа, Уйланмаҫҡа тейеш донъяла... ЯУАПЛЫЛЫҠ Ниңә яҡын миңә был кешеләр?.. Ниңә һуң мин улар хаҡында Төнө буйы уйлап, хыялланып, Үҙем тоҡандырған ялҡында Үҙем янып сығам?.. Ә улар бит Тағы торор, тағы йоҡларҙар... Тағы эшкә китер, ҡайтыр, эсер. Һәм ҡәнәғәт булыр юҡ-барҙан... Ниндәй уртаҡлыҡ бар улар өсөн Минең менән бергә янырға? Тик, ниңәлер, мин яуаплы һымаҡ Улар өсөн... Яҙғы ямғырға Саң-туҙанын йыуған сәскә төҫлө Булһын өсөн кеше күңеле, Ауыр болот йыя был уйҙарым, Юҡ уларҙың шуға еңеле... Бәлки, өҫкә шулай кешенең тик Ҡый-кәбәге генә ҡалҡалыр? Ә алтындай таҙа, тос орлоғо Бер көс көтөп аҫта яталыр? Әгәр күҙең күреп, күңел күҙең Күрмәй үтһә ошо байлыҡты, Ниндәй кеше һуң һин? Кемгә кәрәк? — Күңелеңдә ҡояш-ай юҡтыр?.. Йылмай! Көл, ҡояш-ай! Күкрә, күгем! Янып сыҡһын һүҙем – йәшенем, Һәм яҡтыртһын бөтә яҡшылығын, бөтә кешелеген Кешенең! * * * Һандуғасҡай балаларын Йырлап-йырлап сығара. Балаларын таратҡанда, Илап сәсе ағара... * * * Ямғыр ебе арҡау ебе кеүек, Ялт-йолт килә йәшен һоҫаһы. Тыйылғыһыҙ шатлыҡ ташыуынан, Бар донъяны килә ҡыҫаһым. Киндер һуға шулай ергә күгем, Кейенергә йәшел кейемдән. Әйтерһең дә әсәм киндер һуға Бала сағым ҡалған өйөмдә!.. Яңы күлдәк кейеп, ялан аяҡ Мин йүгерәм, гүйә, күлдәрҙән. Ә күлдәрҙән баға Яҙһылыуҙың Зәңгәр күҙе төпһөҙ күктәрҙән... * * * Дауыт Юлтыйҙың һуңғы хаты Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам. Йәшәһен тик тыуыр таңдар, Йәшәһен тик саф иман! Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам! Мең-мең хаттар яҙһаң да һин, Яуап яҙмам хатыңа... Таң алдынан беҙҙе аталар, Хуш, бәхил бул, Фатимам!.. Балаларҙы һаҡла, уҡыһындар, Һүҙем ҡайтыр, үҙем ҡайталмам. Соранҡайым сыҡҡан ерҙә Тыуыр шағир аунап илаһын... * * * Тыуғанмын. Уҡығанмын. Яҙам. Сөнки ата-бабам булған наҙан. Уларға тик мәзин манаранан әйткән аҙан. Ышанғандар уға, инанғандар, Йыуанғандар ауыр саҡтарҙа. Ә былай бит атам ғүмер буйы Сәскән орлоҡ, урған, һуҡҡан, Һабантуйҙа сапҡан саптарҙа! Ә мин яҙам. Хаҡмы йә нахаҡмы — Хөкөм сығарырҙай хакимым — Бары тик һеҙ... Тик һеҙ – миңә тиңһеҙ... хаҡ көнөм! * * * Әллә мин бик иртә тыуғанмынмы, Әллә инде һуңлап тыуғанмын? Бер килмешәк төҫлө был донъяла Иманымды йәндән ҡыуғанмын. Ниндәй заман?! Ер менән күк төҫлө Йәштәр менән ҡарттар араһы. Тыңҡыш бер гитара тотоп, Шул йәштәрҙең арттарынан Миңә ләме әллә бараһы? Ят та һәм яҡын да миңә ҡарттар, Ят та һәм яҡын да йәштәре. Әллә илдә ир уртаһы булып, Йөкләгәнгә донъя эштәрен? * * * Үлтермәсе минең шиғырҙарҙы, Үлтермәсе һуңғы китапты. Күҙҙәреңдә таптым мин уларҙы, Иренеңдә уны мин таптым. Ике йондоҙ, ике телем ҡарбуз! — Тик шуларҙы килә эсәһем. Эсәйемсе аҡтыҡ тамсығаса Яҙмышымдың әсе кәсәһен. Алырымҡош булып алалмамын, Булмаһаң һин үҙең Бирмәмҡош. Алырымҡош менән Бирмәмҡош Былай ҙа бит, ай-һай, был тормош!.. * * * Не искушай меня без нужды Возвратом нежности твоей... Баратынский Хәтерләмә ул йондоҙло төндө, Ул йондоҙло төн ҡайтмаҫ һис ҡасан. Нисә йылдар үткәс, ул төндөң бер, Бөгөн килеп, серен мин асам. Ул төндә мин сикһеҙ ғашиҡ инем, Ғашиҡ инем айға, йондоҙға, Тәүге ҡабат наҙлы ҡулы менән Ҡалъя һоғондорған бер ҡыҙға. Тик кемдеңдер һаҡһыҙ ҡулы минән Барлыҡ йондоҙҙарҙы һүндерҙе. Йәш аҡылым менән артыҡ күрҙем Ҡауышыуҙан бигерәк мин гүрҙе... * * * Минең уйым — Минең донъяла, Ул балалар иле менән типә-тиң, Аҫты ғына ағыныраҡ, Күге генә киң. Мин балалар менән тиң... * * * Минең донъям, минең ғазаптарым, Шикләнеүем, өмөт һәм аһтарым Бөтәһе лә улар ят һиңә!.. Ят һиңә мин – яҡын бер ир генә, Ғәҙәти бер шағир ғына... Ә фиҙәҡәр йән һәм ҡаһарман, Бер туҡтауһыҙ эҙләнеүсән ҡорбан Икәнлегем – улар ят һиңә. Күрәһең дә, тауҙың бер ташын, Тауҙы күрмәй, шул, тип, юлдашым Һин алдайһың ғына үҙеңде... Бирһен генә хоҙай түҙемде!.. Миңә килгән дуҫтар – тик шешәләш, Тик эскесе генә һиңә. Ә мин табынам уларға, Дошманыма хатта табынам. * * * Серәкәйҙәр сумды ҡаныңа, Серәкәйҙән һине көнләнем. Һин ышандың кескәй даныма, Тәрәнгәрәк баға белмәнең... Мин бары тик кеше инем бит, Һәм хөрмәтләй инем үҙеңде. Һөйә алмам, ахры, һине бик, Һинән бигерәк ҡорос күҙеңде... * * * Башҡа донъянан килһәм дә, Йәшәйем был донъяла!.. Ниңә килеп ҡайҙа барғанымды Әйтергә лә хатта оялам... Илһеҙ дәрүиш инде – ят бер кеше — Был донъяға килдем ваҡытһыҙ. Ярай әле ай бар, йондоҙҙар бар, Ә ҡалғаны – моңһоҙ йә ҡотһоҙ. Үләндәргә бары башым эйәм, Шишмәләрҙе йәлләп йәш ҡоям. Болоттарға бары ҡулым болғап, Балаларға бары... ҠОМ АРҠАН Арғы яҡтан бирге яҡты Бүлеп ята Йүрүҙән, Ике ауыл зар илайсы Урап-сурап йөрөүҙән. Ике яҡта ике түрә Тартҡылашып көн күрә. — Паром төшөр, Зим, тиеп, Үлмәҫбаев үкерә. Үҙенә күрә Зим дә түрә, Хужаларса уй ҡора: — Был паромда эшем юҡ, – тип, Сәстәре үрә тора!.. — Һиңә урман кәрәк бит? — Ә һиңә кәрәк орлоҡ! — Нисек оялмайһың, ҡустым? — Ә һиңә, ағай, хурлыҡ! — Мин трактор менән дә Сығарырмын тарттырып! — Ә мин ыштанды сисмәй ҙә Кисеп сығам саптырып!.. Былар шулай бер паромға Ҡом арҡан ишә икән. Аһ, был арҡан совхоз өсөн Күпмегә төшә икән?.. 1970 ҠАЛҠАНЫМ Көн менән Төн мәңге алышалар, Алһыу ҡанға буяп күк йөҙөн. Айбалтаһын тотоп, Төн һелтәнһә, Ҡояш менән ҡаплай Көн үҙен. Айбалтаһын тотоп, баш осомда Үлем йөрөй йәнде һағалап. Тик йәнемде йырҙарыма төрөп, Мин үлемде алам яғалап. * * * Яңы дуҫтар артҡан һайын Иҫкеләре кәмей бара. Ҡайһын ҡайын үҙ аҫтына ала, Ҡайһыһынан йырағая ара. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, Тигән һүҙ ҙә дөрөҫ икән — Арҡау ебен буйға туҡыр Йөрәк кенә көрөҫ икән. Әкрен-әкрен үҙ киндерен Һиҙҙермәйсә туҡый икән. Яҡшынан да, ямандан да Ғүмер буйы уҡы икән!.. ЗАМАН ҺӘМ МИН «Мин», тиеп һин бик күп шиғыр яҙҙың, Ҡайҙа замандашың? – тиерҙәр. Ысынлап та, ҡайҙа замандашым, Таш түгелме «мин»ең бөйөрҙә? Ә һуң үҙем ошо замандаштың Замандашы әллә түгелме? Улай булһа, ниңә йырҙар таша, Ҡулдарым һуң ниңә һөйәлле? Көнөн эшләп, төнөн йыр яҙғанда, Тик үҙемде генә һөйәмме? Аҙ ҡысҡырып күберәк эш эшләһәм, Түгелме мин улы осорҙоң? Мин заманым тиеп ҡысҡырманым, Йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы... * * * Бирсе түҙем, хоҙай, үҙең Кеше йәнле кешегә: Кешеләрҙән алданып ул, Күңеле күпме өшөгән!.. Биҙҙе инде күпме дуҫтан, Дуҫынан күп дошманы. Йән дуҫым тип йөрөнө ул Күпме донъя ҡуштанын!.. Ауыр һөйәк, сабыр йөрәк Биргәнһең, ярай, үҙең. Ауыҙы тулы ҡан булһа ла, Төкөрмәй ҡала түҙеп... * * * Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң: Һиҙеп торам ул ни әйтерен. Ярғанаттай урап осоп үтәм Был донъяның теймәҫ әйберен. Үҙ күҙҙәрем минең үҙемә шаһ: Күрәм бары иркем сиктәрен. Ҡарамай ҙа күрәм дуҫ күңелен — Ете яттай күрәм ситтәрен. Үҙ телемә үҙем оло тәңре: Ни теләһәм, шуны әйтә алам. Ҡыйыш ултырһам да, тура һүҙҙе Атайыңдан ишет һин, балам. X. ТУФАНҒА «Аманат» китабын ебәргәндә Хәсән ағай Туфанға — Шағирҙарҙың шаһына, Йыш ҡайтһын тип Уфаға, Башҡорт моңо-аһына; Ныҡ тотһон тип ҡулында Шиғриәттең әләмен Етмешенсе йылында Был яңы йыл сәләмен Күндерәмен үҙенә!.. Күҙлек кейеп күҙенә, Хатҡа ҡаршы яҙһын хат, Шул хат булыр Аманат!.. ҺАҒЫШ Мин диңгеҙҙең оло зәңгәр шауын, Ҡар тауҙарҙың ап-аҡ тынлығын Яратһам да, ниҙер етмәй миңә, Йәнем тоя ниҙер юҡлығын... Аҙашҡан бер бойоҡ ҡолон һымаҡ, Баҫып торам диңгеҙ ярында. Тауға бағам: ниндәйҙер бер бушлыҡ Был мәңгелек тауҙар ҡарында. Кипаристар елдән һығылғанда, Ҡыштырлашҡан саҡта банандар, Күҙ алдымда аҡ ҡайындар шаулай, Тәлгәштәрен һуҙа баландар... Етмәй миңә бында умырзая, Мәтрүш сәскәһенең хуш еҫе, Тулҡынланған арыш баҫыуҙары, Ысын йәйе, ысын ҡыш төҫө. Мин уларҙың моңон, һүҙен беләм, Үҙ телемдә улар һөйләшә. Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр, Тик, тыуған ер, әйҙә, мең йәшә!.. Йәнем һөймәй кешеләргә Ышанмаған кешене. Күңеле тар әҙәмдәргә Һыймай кеше күңеле. Үҙе нисек булһа кеше, Шулай уға башҡалар, Башҡалар ҙа үҙе кеүек Ғәмһеҙ булып баш ҡаға. Миңә ҡалһа, тик ышаныс Тыуҙыра йырҙарымды. Шуға беләм йырҙарымды Башҡа берәү йырларын... Йыр тыуа тик ышаныстан, Ышанмаҫтай мәлдә лә, Шуға йырға ышаналыр Ышанмаҫтай бәндә лә. Тик ышаныс матурлай бит Бар күңелен кешенең. Ышанмаһа, күңеле буш, Мәғәнәһе юҡ эшенең. Ныҡ ышанам кешегә мин, Беләм йомшаҡ яғын да. Шуға ла бит баҫып торам Шул ышаныс һағында... ЙӨРӘГЕМ Йөрәгем — ҡәберлек минең, Унда үткәндәр илай. Йөрәгем — сәңгелдәк минең, Унда киләсәк дулай!.. ТӘГӘРМӘС Бер нәмә лә юҡтан бар булмаған, Юҡҡа сыҡмағандай бар булған. Батырҙарҙан ерҙә батыр тыуған, Ғаҡылһыҙҙар, тыуғас, зар булған. Ә ғаҡыллы, Төп-төҙ таяҡ алып, Тоташтырған осон осона Һәм ерҙәге яңы алға китеш Башланған, тип була, ошонан... Тәүге тәгәрмәсте бөккән кеше Тарихтымы шулай бар ҡылған? Әммә тәү дуғаны яһаған ҡул Ерҙә тәүге бөйөк ҡул булған. * * * Юҡ, бәхетем мине аяманы, Мин аяған һымаҡ бәхетте. Мин бәхеткә алтын тәхет ҡойҙом, Ул ҡалдырҙы миңә ләхетте. * * * Тыңлап таңға ҡалған тел, Йәнгә рәхәт алған тел, Яулап-ҡурсып ҡалған тел, Ҡан-йәш түгеп алған тел, — Күреп ирек емеше, Күреп бәхет өлөшө, Һаҡлар һине һәр кеше, Яҡлар һине һәр кеше!.. Телһеҙ инек – тел алдыҡ, Илһеҙ инек – ил алдыҡ, Һинең менән тәйән беҙ Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ, Үткәнгә – үрт, ҡуҙ һалдыҡ!.. * * * Илебеҙ бер изге имән икән, Һәр бер халыҡ – уның ботағы. Мең тамырҙан сыҡҡан олон ғына Мең йыл йәшәй ала ул тағы. Һәр ботаҡта уның киләсәге, Һәр ботағы уның ҡәҙерле. Бер ботағы уның ҡороһа ла, Яҡынайыр уртаҡ ҡәберлек. Һәр ботаҡтың тамыры бар, Ҡайһы тура – шуныһы баш тамыр. Ҡайһы уның юлда таштар табып, Урап үткән һайын баш ҡағыр... * * * Йәшәр кәрәк, тиһең, йәш ваҡытта, Яныр кәрәк, тиһең, йәш саҡта. Ике килмәй ғүмер бер кешегә, Былай ҙа ул, тиһең, бик ҡыҫҡа. Ә һин әллә ниндәй иҫке-моҫҡо Китаптарға сумып батаһың. Әллә ниндәй таш быуатҡа китеп, Ваҡыт әрәм итеп ҡайтаһың. Үлек донъя менән йәшәгәнсе, Ҡарасы һин бынау ҡыҙҙарға: Күҙҙәрендә ниндәй тере ялҡын, Бит алмаһы ниндәй ҡыҙарған!.. Ә һин әллә ниндәй Венера, тип, Иҫең китеп тора таш һынға. Етмәһә бит, шул аллаңдың һинең Йә ҡулы юҡ, башы йә һынған... Һәм көләһең минән, йүләр, тиеп, Ашығаһың матур ҡыҙҙарға. Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта Ҡарарға ла йондоҙ-айҙарға... Ә китапта күпме ваҡыт ҡайнай, Күпме ваҡыт – бынау йорттарҙа, Күпме ваҡыт – бынау музыкала, Күпме ваҡыт – бынау уттарҙа. Бөтәһе лә улар кешенеке. Кеше ҡулы, кеше аҡылы Килеп еткән беҙгә ваҡыт булып, Үтеп мең-мең быуат арҡылы. Шул ваҡытҡа ваҡыт ҡалмағанда, Ҡалһын һиңә нисек ваҡытың?.. Таш быуатҡа үҙең әйләнәһең, һөйләнәһең бушты, ялҡытып, Ә бит мин үҙем дә – тере ваҡыт, Замандарға заман ялғанған — Минең күңелемдә дөрөҫлөгөм Көрәш алып бара ялғанға. Мин, үткәндәр менән байығып, Киләсәккә ҡомһоҙ ҡарайым. Шуға күрә мин – заманым менән, Заманыма әле ярайым. Минең менән йөрөй Урал батыр, Дон-Кихот та китә ҡултыҡлап. Осоп килә миңә дауыл ҡошо, Ғафури ҙа килә һылтыҡлап. Күңелемдә минең «Урал» моңо «Ел, ерәнем!» менән ярыша. Ә «Полонез» мине ярһытҡанда, Осһоҙ көйгә күңел ҡарыша. Ваҡыт һис тә генә яратмай ул Өс-дүрт атҡа менеп сапҡанды. Бер атты мен, ләкин – берәгәйлене, Ялҡын йотоп, осҡон атҡанды. Ваҡыт атын иректерер кәрәк, Эйәләшһен һиңә үҙ булып. Ваҡыт яратмай ул ашыҡҡанды, Ваҡыт хөкөмөнә ҡалдыра. Ҡабаланды ижад һис үҙһенмәй, Ваҡытынан элек яндыра. Һин ваҡытты байытмаған хәлдә, Ваҡыт етмәҫ һиңә бер ҡасан. Уны үҙләштереү – тарҡалмау ул, Саҡ аңланым шуны, Хорасан! * * * Кемделер бик яратаһы килә, Юҡһына күңел, Юҡһына ул, мәңге һағына ул, Тик һине түгел!.. Хаҡ та нахаҡ рыя һүҙҙәреңдән Төңөлгән күңел. Һин ҡалдырған яра йөрәгемдә Бөтәһе түгел!.. Аҡтыҡ тамсы ҡан ҡалғансы тәндә, Ҡанғансы күңел, Кемделер бик яратаһы килә, Тик һине түгел!.. ТҮГЕЛ! һөйәһе лә, һөйөләһе лә килгән Аңлайышһыҙ, сәйер мәл етте... Эй был сәйер, йәмле яҙ сыуағы Терелтерлек хатта мәйетте! Ниңә шулай йәшлек, күкрәп үткәс, Һәр яҙ һайын тағы киләһең? Киләһең дә, эҫе йәштәр һығып, Кешеләрҙән уҫал көләһең? Көтөү менән тулы күк эңерҙәр, Ниҙер көтә һәр ни талсығып... Был көтөүҙән өҙөлөп төшөр ине, Ярай әле, йөрәк тал сыбыҡ түгел!.. ИҪТӘЛЕКТӘР УТРАУЫ Беҙ шундай йәш, ғәмһеҙ инек, Шундай йәшел ине утрау. Ат аҫтында ошо тирәклектә Усаҡ яғып йәшлек ултыра. Тормош йылғаһында ул төндәрем Ваҡ-ваҡ утрау булып ҡалғандыр. Һәм һайыға барған һайын йылға Ул утрауҙар ҡалҡа баралыр. Шул утрауҙа үҫкән сәскәләрҙең Хуш еҫтәре һаман иҫертә... Тормошто бит Фалес тиккә генә Һыуҙан башламаған, күрәһең. Мәңге аға, мәңге тынмай һыу. ...Бөтә ғүмер тик бер төш кеүек Килеп баҫты башым осона. ҠЫШ Гөлнараға Ҡыш булғас, Ҡар яуғас, Бар ағас, Яланғас!.. Ҡыш үтер, Ҡар бөтөр, Бөтә ер Кейенер!.. 1971 БӨРКӨТ Ҡанатында – күктәр һалҡынлығы, Ҡарашында – тауҙар һағышы. Туңып ҡалған уның күҙҙәрендә Болоттар һәм йылдар ағышы. Йоҡомһорап шулай төш күрәме, Сикһеҙ уймы упҡан бөркөттө? Ҡапыл ғына уның хыялдарын Бала-саға шулай өркөттө. Кемдер бына икмәк һондо уға, Ниндәй тәм тапҡан ул икмәктән? Оялғандыр, бәлки, үҙ затынан; Бөркөтмө һуң бөркөт ситлектә? БАЛА САҠ ДЕТАЛДӘРЕ Иҫке китап биттәренә Яҙа инек дәрестәрҙе. Туңа ине ерек ҡара, Боҙға ҡоршап хәрефтәрҙе. Мәхмүт бабай, толоп кейгән, Уҡый беҙгә Пушкиндарҙы. Хәтерләһәң, хуш китерлек Асҡа үткән буш көндәрҙе. Күтәртәләр ине аттар — Аҫып ҡуйҙыҡ бауырынан. Ҡойроҡ аҫтын ҡоҙғон суҡый – Һелтәй алмай ауырынан: Кәбән төбө ҡарын соҡоп, Бармаҡ туңып, ҡанап бөтә. Бисә-сәсә, бала-саға Башаҡ сүпләп донъя көтә... САБЫЙ ЙОҠОҺО Ҡыҙым Гөлнараға Мин көнләшәм ҡайсаҡ Сальериҙан, Юҡ, Моцарт та булмаҫ кешенән: Уртаса бер фотограф та хатта Бәхетлерәк була эшенән. Уға ла бит тормош, был тәбиғәт Үҙенең бер бөйөк тәлдәрен Бүләк итеп ҡуя ҡайһы саҡта: Бына ҡыҙым, тибеп мендәрен, Башы түбән иҙерәп йоҡлап ята, Әсәһенең сығып ҡуйынынан. Юҡ, ҡулҡайын түгел, бер тәпәйен Ташлап ятҡан уның ҡуйынына!.. Был тиклем дә мәрәкәне миңә Ҡалай итеп тотоп ҡалырға? Ҡайҙа миндә Леонардо ҡулы «Мадонна һәм ҡыҙы»н яҙырға? «Бите – алма, ирендәре – сейә, Ә ҡулдары – аҡҡош ҡанаты», — Тигәйнем дә... Был тапалған һүҙҙәр Ни генә һуң бирһен аңлатып? Теләһәң, һин сәсең йолҡоп ила, Был илаһи бер мәл юғалыр, Осоп китер күккә фәрештәләй, Көнләшеүем минең шуғалыр... Ҡабатланмаҫ ошо матурлыҡты Күрә алмаҫ үҙе Гөлнарам. Тик атаһы күрә күҙ йәш аша Был донъяла шундай гөл барын... ҠАШҠАР (Ике хәтирә) Рауил Бикбаевҡа Яуа йәш ҡар. Ята ҡартлас Ҡашҡар, Үлем тулғағында тартышып. Мөлдөр-мөлдөр ирей яҡты донъя, Күҙ йәшенә ҡырпаҡ ҡар ҡушып. Алам-һалам, иҫке бишмәттәргә Сорнаған да бала-сағалар, Һуңғы ҡабат уны һыйларға тип, Өйҙәренә тороп сабалар. Килтерәләр уға ҡалъяһын да, Ҡаласын да – эҫе-һалҡынын. Йәл түгел һис хатта тәм-томоң да — Күңеле киң малай халҡының. Тик Ҡашҡарҙың унда юҡ ҡайғыһы — Йотһа, йота йәш ҡар бөртөгөн Һәм хәтерләй эт хәтере менән Үткәндәрҙән хәтәр бер көндө: Ул көн уға мәхшәр төш тә кеүек, Булмаҫ эш тә кеүек ғүмерҙә. Тик ошо көн һаман әрнеп яна Бүре теше батҡан һеңерҙә. Бүре теше ише ул көн һаман Монар аша ҡарай тонйорап. Тик алышта бүре үҙе ауҙы, Яллы ҡояш төҫлө ҡанһырап!.. Һәм хәтерҙә тағы бер хәтирә: Күл өҫтөнән томан аҡҡаны, Бер ҡанаты һынған ҡыр ҡаҙының Ҡамыш араһында ятҡаны. Ҡыр ҡаҙы ла, һыуҙы ҡанға буяп, Ята ине шулай тартышып. Алһыу таң ҡыйылған төҫлө ине, Ҡанатына ҡырпаҡ ҡар төшөп... Юҡҡа уны шул саҡ хужаһына Алып сыҡты йөҙөп, күл аша. Шул әрнеү – күл, ахыры, уның менән Мәңгелеккә бөгөн хушлаша!.. Һынған ҡанат менән бүре теше — Хурлыҡ менән берғә батырлыҡ! — Ике күҙҙән, ике иҫтәлектәй, Һуңғы ҡабат һыҡрай матурлыҡ... * * * Туфанға Егерме йыл ғүмереңде һинең Урлағандар. Беҙ ҙә урлайбыҙ. Беҙ кәңәшкә мохтаж, һиңә мохтаж. Ышанабыҙ һиңә. Ҙурлайбыҙ. Һин тауышы, моңо заманыңдың, Намыҫы ла уның һин генә. Ҡабатланмаҫ Туҡай, Таҡташ һымаҡ, Табынабыҙ һинең һүҙеңә. Бар берәүҙәр — һинең ҡорҙаштарың, Һине һатып, үҙен һаҡлаған. Ишегенең ҡайҙа асылғанын Юҡ, белмәйбеҙ әле беҙ һаман. Һинең уй һәм хис туфанын ғына Йөрөтәбеҙ һаҡлап, табынып. Намыҫыбыҙ тиеп киләбеҙ беҙ, Һинең уттарыңдан ҡабынып. Һәр секундың һинең һанаулы, Ваҡыт, эйе, түгел аяулы... Тик бәхетле һин беҙ килгәндә, Уйҙарыңды һинең белгәнгә. Йәштәш булмаһаҡ та, һин йәштәш! Ә бәхетһеҙ һинең ҡорҙашың... Тупһаһына аяҡ баҫмабыҙ. Ул дан өсөн дуҫ ҡанын да ҡоя алған, Урын өсөн һатҡан йырын да. Беҙ – шағирҙар, Шиғриәттә шиғыры шағирҙың. Һиңә киләбеҙ, Һине һөйәбеҙ! Шиғыр байрағын беҙ һатлыҡ ҡулдан түгел, Һеҙҙең ҡулдан ғына алырбыҙ. Һеҙҙең эшсән, саф ҡулдан алырбыҙ. * * * Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың Телефондан һандар йыйғанда, Яңылыштан ғына миңә ҡапты Яңғыҙлыҡтың ғәмен тойғандай. Ишетелде көндәй көләс тауыш, Кем уйлаған был наҙ барлығын? Аһ, ул көлөү – көмөш шөңгөр моңо — Тик ҡолаҡта ҡалды һарлығып... Һиҙмәнең һин шағир иләҫлеген, Аңлайышһыҙ ул хис күптәргә: Ул хис уны йә упҡынға ташлай, Иә упҡындан сөйә күктәргә. Диңгеҙҙәге ғәрәсәттән, гүйә, Иҫән ҡалған яңғыҙ юлсыға Өмөт нуры булып ҡабындың да, Йыр булмайса, һүндең йырсыға?.. АҠЫЛҒА УЛТЫРЫУ Үҙ ҡәҙерен белмәгәндең Беләм ҡәҙерен. Үҙен-үҙе һөймәгәнде һөйәм хәҙер мин. Үҙен баһалай белмәҫтең Баһаһы – күпкә. Үҙен күтәрмәҫте генә Күтәрәм күккә! * * * Ахмаҡлығын күреү өсөн ахмаҡтың Аҡылы ла еткән хатта ахмаҡтың. Аҡыллының күреү өсөн аҡылын Кәрәк икән байтаҡ көсөң-аҡылың. ШОПЕН ЭТЮДЫ Йә юрғалап, Йә һырғалап ҡарҙа, Көмөш ҡылдар тартҡан төҫ менән Һепертмә ел — Эй был Рихтер бармаҡтары — Елә-саба дала өҫтөнән. Тау шишмәһе. — Эй был Рихтер бармаҡтары — Ваҡ таштарға мең ҡат ҡаҡлығып, Сылтыр-сылтыр, Гәлсәр сыңын сәсеп, Елә-саба алға атлығып. Был ысынмы? Әллә сихырмы был? Әллә өн был, Әллә төш кенә? Ни булһа ла булған: Кеше киткән, Ҡалған бары ҡылған эш кенә... ӘСӘ А. Дункан иҫтәлегенә Төнө буйы диңгеҙ күкрәне, Төнө буйы диңгеҙ дуланы. Төнө буйы йоҡлай алмайынса, Яңғыҙ әсә, һине уйланым. Төнө буйы ҡара шәл бөркәнеп, Һин ултырҙың диңгеҙ ярында. Таң атҡанда ҡара толомдарың Салландылар, тауҙар ҡарындай. Төнө буйы оҙон толомоңдо Туҙҙырҙы ла елдәр, тараны. Ләкин елдәр, улар баҫалманы Күңелеңдәге тәрән яраны... ЕҪТӘР ХАҠЫНДА Бер көн шулай, Юлда йөрөп ҡайтҡас, Кис ултыра инем парткомда. Ҡапыл шул саҡ Тыҡ-тыҡ килгән тауыш Ишетелде ишек артында. Мин боролдом: Сибәр иҫәпсе ҡыҙ Тора ине баҫып танауын. (Танауынан әллә ҡан китепме, Туҡтатырға итә ҡанауын?) — Ни булды? – тип, Ҡурҡып, ырғып торҙом, Ҡулъяулыҡты тартып алдым мин. Ә ул: — Уф, ниндәй еҫ сыға? – тигәс, Бик уңайһыҙ хәлдә ҡалдым мин. Аптыраным... Ә үҙенән уның Хушбый еҫе аңҡый бүлмәгә. Шунда ғына минең иҫкә төштө: — Силос еҫе! — Шуны белмәгән!.. Ә ҡыҙ, Йәлләү ҡатыш ғәжәпләнеп, Килеп баҫты ла тап ҡаршыма: — Нисек, – тине, — Түҙеп йөрөйһөң һин Шул еҫтәргә шағир башыңа?.. Мин саҡырҙым шул саҡ бер шиғырҙы, Шағирҙы, тим, шиғыр яҡлаһын: — Бөтә еҫкә түҙеп була, – тинем, – Тик эшһеҙлек еҫе сыҡмаһын!.. * * * Бейешәләр үләнкәйҙәр Әсәм ҡәберендә. Бер кем дә юҡ унан башҡа, Тик ул – бәғеремдә. Эй, айғынам! Ҡойсо, ҡойсо Көмөш шарабың, — Яҙмыш еле ташҡа бәрҙе Күңел карабын... Килтерһәнә, умырзаям, Әсе кәсәмде, — Эсәйемсе, нурға бутап, Йәшен әсәмдең!.. * * * Зарланмайым заманыма, Күҙен һирпеп ҡараһын, Күҙ йоммаһа юлдарыма, Үҙе күрер сараһын. Һәр замандың үҙ заңы бар: Тантанаһы, хурлығы, Түбәнлеге, бейеклеге, Ваҡлығы һәм ҙурлығы... Заманына – һәр кем бала, Ҡабатлай заман холҡон: Күтәрәм мин бөтәһен дә, Күтәргән кеүек халҡым!.. * * * Инде быйыл да мин яҙҙы күрһәм, Тәгәрәһәм ҡыҙыл үләнгә, Тын да алмай ятһам, күккә ҡарап, Иҫәпләмә мине үлгәнгә... Субыр-субыр күҙҙән йәшем аҡһа, Аҫылынып ҡалһа ҡыяҡҡа, Уйлама һин, ҡайғы күтәрмәй, тип, Күтәрәм мин – сабыр ул яҡҡа. Тик белмәйем: тағын да бер яҙым Насипмылыр миңә, юҡмылыр?.. Насип булһа, ысын бер һүҙеңдән Бар шиктәрем һиңә юҡ булыр. МАСКАРАД Мендәрҙән бер яңы йыл тағы ла, Үткәрәләр тағы маскарад. Күҙ алдымдан минең йылдар үтә — Хистәремдә минең хас парад. Ҡайҙан табып, ҡағыҙ кейем күреп, Кейеп алған берәү сабата. Семер-семер килеп, йөрәгемдә Сабаталы бала саҡ ята, Шул бала саҡ бөгөн күңелемде Дер һелкетеп, хистәр ҡуҙғата. Сабаталы ауыл малайының Сабаталы көнөн уйлата: Уртаһында ауыл баҙарының Сабаталар үреп ул һата. Сабаталар һатҡан аҡсаһына Ул китаптар һатып апҡайта, Һатып алып ҡайтҡан китаптарын Ай аҫтында уҡый. Ай бата, Ай батҡанға һис тә ҡайғырмай ул — Таң атҡанда татлы йоҡлата. Ай батҡандың һуңы таң ата ла Йоҡоларҙан шундуҡ уята. Ул күтәрткән яңғыҙ аттарына Кәбән төбөн соҡоп апҡайта. Бесән саба, кәбән ҡоя йәйен, Урман киҫеп, ҡуна ул ята. Башаҡ йыя, Мәктәбенә йүгерә — Аяғында һәр саҡ сабата. Баҫыу ҡапҡаһының төптәрендә Саң туҙҙырып бейей сабата. Ҡатыҡ, үлән ашап, ғашик булып, Сабаталы ҡыҙҙы оҙата. Сабаталы тәүге мөхәббәтем, Сабаталы минең бала саҡ. Бал-маскарад түгел, хистәремдә Ул бер парад булып ҡаласаҡ. КЕМ, НИ ӨСӨН? (Шаярыу) Ҡауышып та яратмаған Кешеләр була, Яратып та ҡауышмаған Кешеләр була. Кешеләрҙең ҡайһы өсөн Ни һуң эсәйем: Ҡуян ҡанындай сәйенме, Әлләсе – мәйен? Яратҡандар ҡауышһындар! — Шул минең әмер. Улар өсөн харам түгел Йотһаң да хәмер!.. КӨҘ НАҒЫШЫ Йәй – йән күрке. Тотош хазина – ҡыш, Яҙ – һабантуй. Моңһоу – көҙ генә. Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына — Нағышына көҙҙөң түҙ генә! Ә шулай ҙа көҙҙә күпме йәм бар, Һүҙ әйтмәгеҙ, зинһар, көҙөмә, Осар ҡоштар сәфәр сыҡҡанда мин Асылыма ҡайтам – үҙемә. Япа-яңғыҙ йөрөп урмандарҙа, Һемергәндәй утлы ялҡынды, Мул емешен йыя көҙөн кеше Ҡояш һымаҡ алтын аҡылдың. КӘКҮК ТӨНДӘРЕ Шиғырҙарға бары төнөм ҡала, Кешеләргә биреп көнөмдө. Ә шулай ҙа сикһеҙ хәтер ҡала, Күпһенһәләр кәкүк төнөмдө. Эй кешеләр! Тартып алмағыҙсы, Ҡалдырығыҙ аҡтыҡ төнөмдө, — Арып-арманһыҙ булып ҡалғансы Һеҙгә бирҙем бөтә көнөмдө! * * * Тауҙар ҡыҫа мине, киңлек етмәй, Етмәй бында миңә иркенлек. Шул тауҙарҙы этәрәһем килә Ике яҡҡа Ҡамыш ярып барған шикелле. Ярай әле, рәхәт, диңгеҙе бар, Аръяғында юҡ тик иркенлек. Унда ла ошо кипаристар һымаҡ Манаралар тулған эркелеп. Таң әтәсе менән бергә тороп, Аҙан әйтә таңын мәзиндәр. Алла ҡоло бул, тип, мәңге, мәңге, Ыңғыраша унда күп илдәр. * * * Тормош үҙе – тотош бер йыйылыш, Кемдер яҡлар, кемдер ялғанлар. Әммә хаҡлыҡ һинең яҡта икән, Ялмай алмаҫ һине ялалар. Ялағайҙар мәңге ялған яҡлы, Ә яландың ялҡын – телдәре. Ялҡын теле ҡайһы яҡҡа ятмаҫ, Ҡайһы яҡтан иҫмәҫ елдәре!.. Ныҡ тор, егет, хаҡлыҡ хаҡына һин, Тура ҡарап әйт һин ир һүҙен. Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар, Мең ялғанға торор бер үҙе! ТАШ КҮМЕР Күңел ҡатҡан ҡара таш күмерҙәй: Тере сәскә, тере үләндәр. Бынан мең-мен, миллион йылдар элек, Йәшәгән дә шиңгән үлгәндәр. Көндөҙ йондоҙ күргән күҙҙәр генә Күрһә күрер ҡалған эҙҙәрен: Ал сәскә, тип, күк сәскә, тип атар, Абаға, тип атар үҙҙәрен. Тик балҡымаҫ улар таң атҡанда Алғанда ла былбыл алҡымдан!.. Бары утҡа бырғыт таш күмерҙе, Ҡорос ирер ҡалған ялҡындан!.. ТОРНАЛАРҒА ТАБЫНЫУ Тимергә «Күктәге торнаға ышанып, Ҡулыңдағы сәпсекте ыскындырма...» Кисеү бирмәҫ йылға юҡ юғында, Тик кисеүҙәр эҙләп торманым. Кемгә сәптер усындағы сәпсек, Мин артынан ҡыуҙым торнаның. Артылһам да инде ғүмер тауын, Ултырған юҡ һаман аҡылға: Дәрт-ҡомарым торна көҫәй һаман, Ә сәсемә ҡунған аҡ ҡылған... Сал сәсәнем күргән ырыҫлы ҡош Был донъяла инде бар һымаҡ. Ә шулай ҙа йөрәк ҡағып елһен Яйҙаҡ менгән бынау арғымаҡ. Ялбыр ялы яурыныма ятһын, Ел һыҙырһын, әйҙә, маңлайға. Тормоштан бер бәйге тейер, бәлки, Ҡылған сәсле сая малайға! * * * Тибә-тибә лә бер туҡтай йөрәк, Һанаулы шул йөрәк тибеше. Оҙаҡ тормай фани был донъяла, Китә кеше, ҡала тик эше. Үтә йәшлек, бөтә мөхәббәт тә, Алып ҡалып булмай еңешеп. Тик уның да, күкрәп сәскә атһа, Сәскәнән һуң ҡала емеше. Ләкин күңел күпте теләй! Етмәй Өлөшөңә төшкән көмөшөң. Бәхетең дә, бәлки, шулдыр һинең? Һөйә белһәң, һөй һин, һөй кешем!.. * * * Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын, Толомдарын елгә туҙҙыра. Ботағына уның кәкүк ҡунып, Яңғыҙлыҡта ғүмер уҙҙыра. Саҡыра ла кәкүк, әй, саҡыра, Саҡырыуын бер кем ишетмәй. Зарлы ҡошто парлы ҡоштар, ахыры, Үҙ янына һис тә иш итмәй. Тик мин генә, кәкүк моңон тыңлап, Моңһоуланам кәкүк айында. Һин шул ҡайын булһаң, кәкүк булып Ҡалыр инем ошо ҡайында. * * * Үткәндәрҙә – барыһы үткәндәрме? Бөгөнгөмө барыһы – бөгөндә? Киләсәкме барыһы – киләсәктә? Түгел дә!.. УРТАСАЛЫҠ Ил ағаһы әйткән бәҫле һүҙ тыуғандай, Яҡшы йырҙар тыуһа – һөйөнәм. Булмаҫ йортҡа бөкрө бил тыуғандай, Яман таҡмаҡ тыуһа – көйөнәм. Сикһеҙ шатлыҡ – яҡшы шағир тыуһа, Был – йыр ағасының япрағы!.. Сикһеҙ ҡайғы – яман таҡмаҡ тыуһа, Был – кимереү тамыр-тупрағын. Яҡшы-яман күҙгә бәреп тора, Тик күҙ етмәй үҙәк-сереккә. Иң хәтәре ошо серек икән, Имәнде лә ҡыла ереккә... Әйләнә бит имән ереккә... * * * Ниндәй ай был, ниндәй яҡты ай был!.. Дәфтәреңде ал да ҡуйындан, Тот та шиғыр яҙ һин ат өҫтөндә Һәм йәшлегең үтһен уйыңдан. Йәшлек, йәшлек! Тороп ҡалдың мәллә Баҫыу ҡапҡалары төбөндә? Юҡһа, ниңә, түгелерҙәй булып, Ташып киләһең һин күңелдә? Бына йыйылыштан сыҡҡас, бер аҙ Ҡарап ултырҙым да йәштәрҙе, Әллә нишләп китте тиле күңел, Әллә инде тағы йәшәрҙе? Юҡ, ахыры, тальян ғәйеплелер... Түҙмәйенсә мендем атыма. Йән ҡалғансы саптым, шундай саптым, Ҡарамайса алдым-артыма!.. * * * Ниңә, тиһең, йөҙөң ағарған, Ниңә, тиһең, нурһыҙ күҙҙәрең. Һуңғы ҡабат дуҫым, йылмайып, Бысаҡ һымаҡ сәсте һүҙҙәрен. Был яранан ауыр яра юҡ, Был яраны юйыр сара юҡ. Яҡынайыр инде ара юҡ, Бынан ҡара инде ҡара юҡ. Дуҫлыҡ ауыр – тамсы кер ҡунһа, Йәбешмәй ул тағы, бер ҡупһа, Дуҫ ҡәҙере бары – дуҫлыҡта, Ҡәҙере юҡ уның уҫлыҡта. * * * Үткәнгә үрт һалмағыҙ, Тик үрелеп ҡарағыҙ. Яҡын булыр арағыҙ... Йөрәктәге ярабыҙ Уңалып та бөтмәгән — Тағы ярып барабыҙ... Бөтә даһи һөйләшерлек Бөтә ғашиҡ серләшерлек, Тыңлап һүҙен, көнләшерлек, Аңлашырлыҡ уртаҡ тел Бөтә телдә табылыр — Телде телдәр хушһынмаһа, Артылмаҫлыҡ тау булыр, Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр, Дау артынан яу булыр... БАЙТИРӘК Ни шаулайһың шулай, байтирәгем, Шомланғандай үҙең-үҙеңдән? Аңлау ауыр миңә аһтарыңды Был яманһыу ғүмерем көҙөндә. Ҡасан ғына әле мин үҙеңде Сираҡ буйы сабый сағыңда, Күм-күк боҙ аҫтынан алып ҡайтып, Ултыртҡайным зәңгәр яҙымда?.. Хәҙер инде олоноңдо баҫты Һәр ороңдан сыҡҡан елдәүек. Улар һинең һырғый ботағыңды Ҡайырмаҡсы тәүге елдә үк... Олоноңа хатта оронмаҡсы, Шауҙырлатып шулай бик эре. Беләм: улар үҙҙәре лә ҡорор Һәм һине лә итер бөк(ө)рө!.. Юҡ, шомланма улай, байтирәгем, Инде белдем хаҡын һәр шауҙың: Иртәгә үк ҡырҡып ырғытырмын Артыҡтарын һырлан шаршауҙың. ҠАРАЛАМАМ Яңылыштан минең эш дәфтәрем Ҡулығыҙға килеп эләкһә, Соҡсонмағыҙ яҙған-һыҙғанымда, Тапҡан һымаҡ ҡоҙғон үләкһә... Һеҙгә улар бер ни әйтмәҫ-түкмәҫ, Тик үҙемә танһыҡ үҙ серем. Ҡараламам – ҡара тирем генә, Аҡ тоҙон мин аҡҡа күсерҙем. Юлламағыҙ яҙған юлдарымдан Уйҙарымдың ебәк таҫмаһын, Ҡойған ҡылысым бит үҙем менән, Бында ҡалған бары ҡаҫмағы... * * * Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә Тере хистәр күптән күмелгән. Бер ниндәй көн, бер ниндәй төн хатта Серле уйҙар һалмай күңелгә... Күңел, гүйә, көнгә тороп ҡалған Мәғәнәһеҙ, ғәмһеҙ ярты ай. Аҡтарылып боҙҙар киткәндән һуң Аҙашҡан бер боҙҙай ялтырай... Ялтырай ай һалҡын күк йөҙөндә, Кәрәкһеҙ бер ҡылыс шикелле. Нуры ла юҡ, йыры ла юҡ уның, (Тик үткәндәр генә һөйкөмлө)... УРАЛ УРМАНЫ Әхмәт Лотфуллинға Ленинградтың рус музейында тәүге осрашыу иҫтәлеге итеп. О Рембрандт1 Бөйөк әүлиә һин, Күрһәң икән Урал урманын, Керһәң икән уның төпкөлөнә, Кәмһенмәҫ тә ине ҙур даның. Хайран ҡалып ҡарап торор инең Ҡарағайҙың һәр бер быуынын, Һәр бер быуынында ҡарағайҙың Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын... Ҡарағайҙар һәм беҙ, ҡырағайҙар, Бергә үҫтек, бергә шауланыҡ, Сәнғәт серен, юҡ, китаптан түгел, Тәбиғәттән – төптән яуланыҡ. Әй тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй Шундай оло сәнғәт донъяла? Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә Һинең алда – сабый бер бала... Индермәне беҙҙе залдарына Эрмитаждар һымаҡ һарайҙар. Тик ботаҡтар уйымынан беҙгә Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар. Быуын-быуын булып тарих ҡарай — Ҡанлы-данлы халҡым тарихы. Батыршаның ҡанмаҫ үсе ҡарай, Салауаттың – һынмаҫ рухы!.. Күңел күҙең һинең һуҡыр булһа, Маңлай күҙең – ботаҡ тишеге. Мәңге йәшел Тормош ағасына Күңел күҙең менән баҡ, кешем. Һин күрерһең унда ғалимды ла, Залимды ла – Тәфкил-Батыйҙы, Бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан Әпкәләйҙе йәки һантыйҙы!.. Барыһы бар Тормош ағасында: Быуындарҙы быуын тыуҙырған, Батырҙарҙан батыр тыуған ерҙә, Ҡурҡаҡтарҙан ҡурҡаҡ уҙҙырған. Соғоллоҡта бына тиңһеҙ сәсән, Йөҙ һырҡайы – гүйә, урайы, Мәңгелектең, гүйә, аһын түгә Ҡулдарына алған ҡурайы... Урал батыр Аҡбуҙатын менеп, Замандарҙан саба заманға, Йәншишмәһен бөркөп тереклеккә, Фауст ише Ергә ул баға... Шаула, шаула, Урал урманҡайы, Сығам һинән нурға төрөнөп, Үҙ-үҙемә мәхлүк бер көйөк тә, Хатта бер бөйөк тә күренеп.... Ҡарағайға ҡарап, хайран ҡалам: Уйҙарыбыҙ беҙҙең – уртаҡтар. Һәр быуынға ҡояш нурын биреп, Бик аҡыллы үлгән ботаҡтар... О Рембрандт! – Бөйөк әүлиә һин, Күрһәң икән Урал урманын, Керһәң икән уның төпкөлөнә, Ҡулдан төшмәҫ ине ҡоралың! * * * Һин – минең йәшлек менән Хушлашыуымдыр инде. Һуңғы наҙҙар менән генә Ҡауышыуымдыр инде. Йәшлек былай үкенескә Ҡалыр тимәгән инем, Үкенескә генә ҡалды Ярты ғүмерем минең. Ярай әле, хәтерләргә Бергә үткән юлдар бар — Йөрәгемә ҡан һауҙырған Һин тыуҙырған йырҙар бар... * * * Ярай әле композитор түгел, — Шул яғыма минең шөкөр ит! (һөйөп һин минең) Ярты төндә ҡайтып, көй уйнаһам, Нисек итеп түҙер һуң инең!.. Әле былай бер ни кәрәк түгел, Ҡағыҙ-ҡәләм булһа, шул еткән. Кухня йәки туалет та миңә Бына тигән бүлмәм шул икән... Әгәр ҡайтып роялдә уйнаһам, Миңә нисек түҙер инегеҙ?.. ТЕЛЕФОН МӨХӘББӘТЕ Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың Телефондан һандар йыйғанда, Яңылыштан ғына миңә ҡапты, Яңғыҙлыҡтың ғәмен тойғандай. Ишетелде көндәй көләс тауыш, Кем уйлаған был наҙ барлығын! Аһ, ул көлөү – көмөш шөңгөр моңо — Тик ҡолаҡта ҡалды һарлығып. Һиҙмәнең һин шағир иләҫлеген, Аңлайышһыҙ ул мәл күптәргә: Ул мәл уны йә упҡынға бырғый, Йә упҡындан сөйә күктәргә. Диңгеҙҙәге ғәрәсәттән, гүйә, Иҫән ҡалған яңғыҙ юлсыға Өмөт нуры булып ҡабындың да Йыр булмайса һүндең йырсыға... * * * Ҡотормағыҙ, ҡыҙ-ҡырҡын, Егет-елән елләнер. Барығыҙ ҙа йоп булып, Нәҫелегеҙ түлләнер. * * * Ерҙә күпме байлыҡтар: Алтын-көмөш, аҫыл таштар, Ерҙә һөйөү, ерҙә үс тә бар, Ерҙә ерҙең үҙен үртәп утта, Үртәп утта бер минутта Юҡ итерҙәй хәтәр көс тә бар. Ерҙең үҙәгендә ҡайнап ятҡан, Түҙмәйенсә фонтан атҡан, Бар һәләкәт, вәхшәт бураны Йәшеренеп ята ерҙең ураны. * * * Яла яғыр тотош бер йыйылыш, Тотош бер йыйылыш ялғанлар. Ләкин хаҡлыҡ һинең яҡта икән, Ялмай алмаҫ һине ялалар. Ялағайҙар мәңге ялған яҡлы, Ә ялғандың ялҡын – телдәре. Ялҡын теле ҡайһы яҡҡа аумаҫ, Ҡайһы яҡтан иҫмәҫ елдәре!.. Ныҡ тор, егет, хаҡлыҡ хаҡына һин, Тура ҡарап әйт һин ир һүҙен. Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар, Мең ялғанға торор бер үҙе!.. * * * Һин янғанда дуҫың янмаһа, Уртаҡ маҡсат тороп ҡалмаһа, Оло булһа дуҫың дуҫлыҡтан, Бәләкәйһә дуҫың уҫлыҡтан, Яманыраҡ дуҫың дошмандан, Ялғаныраҡ дуҫың ҡуштандан, Көнсөллөк тик уның күңеле, Шатлыҡ уға – һинең еңелеү, Йылмайып килһә лә алыҫтан, Баҙын ҡаҙыр һиңә ул аҫтан. Тар күңелгә дуҫлыҡ һыямы, Ҡайғыңды ул ҡайғы тоямы? * * * Тереләй ҙә, үлеләй ҙә Тыуған-үҫкән ер тарта. Һуңғы өмөт нуры булып, Зиһендәрҙе яҡтырта. * * * Ниңәлер мин ҡурҡам осрашыуҙан: Осрашыу бит булыр хушлашыу. Еңелерәк булыр ине, бәлки, Почтальонға бары хат ташыу! Мин өҙөргә ҡурҡам ер гөлдәрен — Ғүмергә бер сәскә аталар. Ә беҙҙең бит яҡын араларҙа Юлдар түгел, йылдар яталар. Нишләргә һуң миңә? Бар барлығың, Тик минеке булһа, ҡәҙерлем? Миндәй аҙғын, һантый нәфселәргә Ҡорбан булырға һин әҙерме?.. * * * Ултыраһы ине лә бер Оса торған балаҫҡа, Осаһы ине, осаһы Әллә ҡайҙа – алыҫҡа!.. 1972 * * * Ҡулымда таш. Ул сфинкс кеүек миңә. Сылтыр шишмә Шулай яһаған. Минән әллә күпме Яуап һорай – Һәр һорауы хаҡлы баһаға. Ул бер заман бейек ҡая булған, Хәҙер бына һыя усыма!.. Һыу ашаған, елдәр киҫкән уны — Ниндәй кәртә түҙһен заман – юлсыма?.. Юҡ, һыу уны, Ҡаҡмай-һуҡмай ғына, Наҙлы ҡулы менән иркәләп, Мең-мең йылдар буйы йыуған уны, Төштәй, Һәр кис, һәр бер иртәлә... * * * Идеал юҡ. Бар тик бары Уға булған ынтылыш. Уға булған ынтылышты Тыуҙырған тик был тормош. Бик тоғро булғың килһә, Уның әйткәнен эшлә, Эшләмә тик эшләгәнен... * * * Бер сәғәткә поезд һуңлай икән, Ҡайғырма һин, бер ҙә бошонма. Сығып ят та вокзал аръяғына, Бәхет юҡ тигәнгә ышанма. Тыңла ана, йәп-йәш аҡ ҡайындың Ҡарағайға ниҙер һөйләүен, Ҡарағайҙың уға башын терәп, Мәңгелектең көйөн көйләүен. Һәм хәтерлә: үткән таңда ғына Ҡуйыныңа ингән ҡайынды. Ул таң мәңге ҡайтмаҫ булғанда ла Алып ҡалды барлыҡ ҡайғыңды... ЕСЕНИНҒА Әҙерләнгән булған бөтәһе лә алдан Был донъянан һиңә китергә. Мөмкинме һуң нескә кешнәп сапҡан тайға Заман атын ҡыуып етергә? Бөтәһе лә әҙерләнгән булған Был донъянан һиңә китергә. Мөмкинме һуң саф һөйөүҙе ерҙә Ғүмер буйы сарсап көтөргә? Йөрәгеңә баҫып бейегәндә Донъя бейеүҙәрен Дунканың, Башына ла, бәлки, килмәгәндер Атылырға торған вулканың... Бөтәһе лә әҙерләнгән булған... Был донъяға барыһын биргәнһең. Алмашына бары ғазап, һағыш, Бәғерһеҙлек кенә күрәһең. Шуға ла шул һинең йөрәк менән Илаған ер, Һыу, күк, һауалар. Үкһеп-үкһеп илаған бар донъя — Күҙ йәштәрең, Шифа ямғыр булып яуалар. ВАҠЫТ Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта — Бушҡа үткән йәшлек ваҡытың. Шуның өсөн ваҡыт урлайһың һин, Бик күптәрҙе бушҡа ялҡытып. Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта — Гел сәғәткә ҡарап тораһың. Сәғәтеңде алға борам, тиеп, Гел ваҡытты артҡа бораһың. Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта — Ваҡыттан һин артҡа ҡалаһың. Ваҡытында бик күп ваҡытыңды Бик ваҡытһыҙ һыуға һалғанһың... * * * Һай, Салауат, Салауат! Аҡһаҡалдар соғоллоғо – Салауат, Ир-егеттәр оһоллоғо – Салауат, Батырҙарҙың таҫыллығы – Салауат, Матурҙарҙың аҫыллығы – Салауат! Һай, Салауат, Салауат! Тыуған илдең ҡото – Салауат, Тыуған ерҙең ҡото – Салауат! Башҡортомдоң ҡаны – Салауат, Хөр халҡымдың даны – Салауат! Һай, Салауат, Салауат! Урыҫымдың дуҫы – Салауат, Ырыҫымдың бәҫе – Салауат. Сабыйҙарҙың сафлығы ул, Салауат, Ағым һыуҙың паклығы ул, Салауат. Һай, Салауат, Салауат!.. * * * Һин донъяны танып белмәгәндә Ул һинеке түгел – ят һиңә... Ә таныһаң – ошо таныуың да Мәңгелектән килгән хат һиңә. Мәңгелектең бөйөк мөхәббәте Бар иткән бит һине, эй кешем! Һин замандар ағасынан тыуған Шул ҡөҙрәттең ғәжәп емеше! Һин һөйләшһен өсөн телең менән Күпме елдәр, һыуҙар һөйләшкән! Күпме йәшен ҡойған сал болоттар... Күпме ҡурай көйөн көйләшкән... Тел – мөғжизә!.. * * * Р. Ғамзатовҡа Еңел түгел ерҙә шағирҙарға, Ә шулай ҙа улар булмаһа, Иман һаҡланмаһа был донъяла, Халыҡ ғәме – йырҙар тыумаһа, Ҡылыс менән генә айбарланып, Ни Һуң ҡылмаҫ ине хакимдар, Ил сиктәрен белмәҫ хаҡ һүҙҙәрҙе, Әйтер ине икән, йә, кемдәр?! Кемдең теле данлар ине илен, Ил ҡурсырлыҡ итеп ирҙәрҙе? Илен хатта Шамил һаҡлай алмай, Ә шағиры яулай илдәрҙе! УРЛАНҒАН ЙЫР Мөхәббәт ул яҡшы йырға оҡшаш, Еңел түгел йырҙы сығарыу... С. Щипачев Һин миңә бер бөйөк асыш инең, Урланылар минең асышты. Хәйер, үҙең, үҙ-үҙеңде урлап, Бурҙар менән бергә ҡасыштың!.. Ни мәғәнә хәҙер ул асыштан Буш уйынсыҡ тотҡан бурҙарға? Сер асҡысың миндә тороп ҡалғас, Һин – йырланмаҫ бер йыр уларға. Ырғытырҙар берәй юл сатында, Кем йөрөтһөн артыҡ ҡазаһын? Тик эҙләмәм инде мин ул йырҙы, Һәр енәйәт табыр язаһын!.. * * * Ул шағир бит! Бының өсөн уны Бер ҡасан да ғәйеп итмәгеҙ. Икеләтә йөктө тартып бара икән, Өсөнсөһөн унан көтмәгеҙ. СҮЛ ЙЫРЫ Бородиндың «Урта Азияла» тигән музыкаль картинаһынан Икһеҙ-сикһеҙ ҡайнар ҡом сахраһын Ярып бара сабыр дөйәләр. Сүл елдәре тауҙай ҡом тулҡынын Аяҡ аҫтарына өйәләр. Ҡом да ҡом тик! Ҡом-йыландар Табандарын сағып ҡалалар. Тик дөйәләр ғорур, тыныс атлай, Төшкән кеүек ергә аллалар. Мәңгелекте ялғап мәңгелеккә, Тартылғанда каруан сылбыры. Төштәремдә сихри илдәр күреп, Тыңлап барам мин дә сүл йырын. АЙ БӘПКӘЛӘРЕ Мәрйәм апайыма Йөҙөп сыҡты ла Ай күк күленә, Йондоҙ бәпкәләрен эйәртеп, Һәр береһен таңдар һарғайғансы, Һаҡлап йөрөй, ҡош-ҡорт тейәр, тип. Ә мин һаман Ерем ҡыҙы менән Көтәм ошо ғәләм көтөүен. Тик ялҡытмай бала саҡтағыса Таңдар түгел, йылдар үтеүе!.. Мин әҙермен мәңге көтөргә лә: Йөрөһөн Ай бәпкә эйәртеп! Тик шомланам бала саҡтағыса, Аҡҡошома ҡош-ҡорт тейәр, тип... * * * Сәскәләрҙе буяу кәрәкмәй һис: Буяуһыҙ ҙа улар матурҙар. Шиғырҙарың нисек шытҡан булһа, Улар шулай сәскә атырҙар. * * * Алдыҡ менән кеше ни һуң ота? Күпме генә хәсрәт етмәһен, Мин һаман да әҙер алданырға, Тик ышаныс ҡына бөтмәһен. * * * Алтын ҡойроҡ, көмөш яллы Заман аты, Атланмаһам һине, сыҡһын Яманатым! Ҡалмаҫ өсөн һинән ҡолап, Сат йәбешәм. Һинең менән саба-саба Тиргә төшәм. Ирлекме һуң, һиңә ситтән Ҡарап торһам, Әйҙә сап, тип, ҡарттар һымаҡ, Мыйыҡ борһам?.. * * * Ат эсерәм йылыуҙан, Күҙ алмайым һылыуҙан, Һыҙғырып та ебәрәм, Әллә йөрәк ярһыуҙан. Их, һыуға барыуҙарың, Һыу һирпеп алыуҙарың, Тик һүндермәй һыуҙарың Йөрәгем ярһыуҙарын. Һыҙылып таңдар атҡанда, Һыуҙар алып ҡайтҡанда, Түгелмәне һыуҙарың — Түгелде күҙ нурҙарың, Түгелде күңелемә. Һыу ташымай, ут ташыйһың — Әллә еңелме миңә? Ал таңдың атыуҙары, Аҡ томан ятыуҙары, Ат эсереп, һыу күтәреп, Аһ, бергә ҡайтыуҙары!.. * * * Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән Йөрәктәргә ингән туған тел. Ҡаныбыҙға һеңгән туған тел. Бөтәбеҙгә беҙҙең иң ҡәҙерле, Бөтмәҫ байлыҡ булып ҡалған тел. Һин яҡшылап уйлап ҡара үҙең: Нимәбеҙ бар унан нурлыраҡ? Күкте иңләп алған йәйғорҙоң да Буяуҙары унан ярлыраҡ. Һис бер нигә уны тиңләйһе юҡ, Тиңләйһе юҡ алтын-көмөшкә. Үҙ байлығын үҙе йыйған хужа Риза булмаҫ ине был эшкә. Далалағы сасҡау һыуыҡтан да Өткөсөрәк һүҙҙәр эҙләһәң, Үҙ телеңдән эҙлә ундай һүҙҙе, Кем ғәйепле таба белмәһәң?! * * * Башҡаларҙан, башҡа ҡатын-ҡыҙҙан Юҡтыр, бәлки, артыҡ айырма, Тик мин теләр инем бары һинең Ҡойонорға күңел нурыңда. ЭЛЛАДА Тула дәүләт циркы артистары Алла Козинова менән Михаил Марковҡа Грек ҡыҙы Элла – Эллада, Һин миңә тик шиғри баллада, Һин миңә тик алыҫ хыял ғына, Минеке тип эстән тоям ғына. Грек ҡыҙы Элла – Эллада, Һин ысын да миңә, аллам да. Был илаһи һын миңә хыял ғына, Һулышыңды бары тоям ғына. Грек ҡыҙы Элла – Эллада, Һин ике төн бергә булһаң да, Вагон купеһы тик юл өйө, Айырылышыу көйө – был көйөм. Грек ҡыҙы Элла – Эллада, Һин сәйемә бальзам ҡойһаң да, Тик Толстой мине Геродот, ти, Геродот тиһә лә, не тот, ти. Грек ҡыҙы Элла – Эллада, Һин миңә тик шиғри баллада, Афродита – ул да тыумаҫ беҙҙән, Тик циркта уттар юймаҫ күҙҙән... Мәскәү – Туймазы * * * Тик үҙеңде наҙлап йәшәгәндә, Ҡояш һүнә, күк һәм ер үлә. Саҡ ҡына һин, елләп, йәшнәгәндә, Бөтә донъяң балҡып терелә. ӨФӨ ВОКЗАЛЫ Рауил Бикбаевҡа Иҫтәлектәр менән йәшәмәйҙәр, Иҫтәлектәр ят ул йәштәргә, Улар бары тамсы һыу тип ҡарай Тәгәрәп төшкән тоҙло йәштәргә. Тоҙло йәштәй тәгәрәгән һайын, Юлым төшөп вокзал яғына, Мин ниңәлер, Өфөм, әрнеү ҡатыш Иҫке вокзалыңды һағынам. Юҡ һин хәҙер иҫке йәшел вокзал — Ильич йәшлегенең шаһиты. Яңы һалған бөтә вокзалдарға Ҡуйыр инем һине шаһ итеп. Һин үҙең бер тере һәйкәл инең Үткән йылдар, үткән юлдарға. Бик йыш ҡына иреп ҡуябыҙ шул Емерергә төҙгән ҡулдарға... Мин Ильич та, Чапаев та түгел — Минең эҙҙәремде һаҡларға, Тик миңә лә яҙмыш яҙған икән Шул юлдарҙан бер көн атларға. Көлтәләрҙе ҡыҫып бәйләгәндәй, Бер үк бит ул юлдар төйөнө. Минең дә бит әле тамағымда Алабута тора төйөлөп... Күҙ алдымда дөбөр-дөбөр килә Вагон башындағы ҡалайҙар. Арҡаһына юл тоҡсайы аҫҡан Сабаталы сая малайҙар. Берәҙәктең финка эҙҙәренән Әле булһа ҡулдан ҡан аға... Вагон баштарында алышып беҙ Шулай килеп төштөк ҡалаға. Берәҙәктәр – йылғыр, ә беҙҙә көс, Улар – хәйлә, ә беҙ – таҫыллыҡ. Һуғыш һалған беҙҙең ҡырҡ ямауҙар Торбаларҙа ҡалды аҫылып. Балалары хәтәр һуғыштың беҙ, Беҙ ҙә китһәк яңы яуҙарға, Иҫке вокзал яулыҡ болғап беҙгә Тороп ҡалһа икән тауҙарҙа. ИЛ ТАЯҒЫ Илеңдәге һәр ни телгә килә, Телгә килә, көлә, һөйләшә. Бергә көйөнә лә, һөйөнә лә, Ятҡа баҡһаң, хатта көнләшә. Үҙ ҡоралың яйлы, яу килгәндә, Яттыҡынан ҡайтыш булһа ла. Үҙең менеп йөрөгән атың яҡшы, Башҡа аттар уны уҙһа ла. Үҙ ереңдә үҫкән таяҡ менән Еңелерәк юлдар үтеүе. Бер өйрәнгәс, аҙаҡ ауыр хатта Таяғын да ташлап китеүе!.. ЯНДЫРЫЛҒАН ХАТТАР Һеҙ был хатты минең уҡығанда, Мин бик күптән үлгән булырмын... Таҡташ 1. Инеш Хаттар, хаттар!.. Дүрт күҙ менән көткән Кешеләрҙең күңел илсеһе!.. Кем һуң һеҙҙе Башлап яҙҙы икән? Үҙең генә, хоҙай, белсе һин. Тик кемдер бит Башлап яҙған хаттар? — Бәлки – туҙға? Бәлки – тирегә? Был асышҡа уҙған күп быуаттар, Ә хат ҡалған — Мәңге йөрөргә!.. Бөйөк булған тәүге хат яҙыусы, Яҙмаһа ла хатын ҡағыҙға. Бөйөк булған тәүге хат уҡыусы — Оло мәғәнә биргән ул туҙға. Туҙға яҙмағанды һөйләмә лә, тигән, Һәм әйтемгә һүҙе әйләнгән. Туҙға яҙған һүҙҙәр сәпкә тейгән, Йөрәктәргә йөрәк бәйләнгән. Ялҡау булһам да бик хат яҙырға, Яратам бик хаттар алырға — Күҙем төбәп төрлө яҙыуҙарға, Яңғыҙ ғына уйға ҡалырға. Яҡынайтып алыҫ араларҙы, Күңелдәрҙе бәйләп күңелгә, Шик-шөбһәле, Ауыр хис-уйҙарҙы Әйләндерә улар еңелгә. Хаттарҙың да була төрлөләре, Берәүҙәре ҡала ғүмергә. Кеше итһә һине берәүҙәре, Ҡалдыралыр ҡайһы күмергә. Була шаяндары, Етди эш хаттары, Була һағышлыһы, наҙлыһы. Була мәғәнәһеҙ һәм яттары, Була ҡышлыһы һәм яҙлыһы. Анттар биреп яҙған хаттар була, Була хаттар – йөрәк аһтары... Донъяларың хатта онотола, Ни һыйҙырмай әҙәм хаттары! Тапшырылмай ҡалған хаттар була, Яҙылмаған хаттар шикелле... Яндырылған хаттар була. Һүҙем Яндырылған хаттар хаҡында. «Хат башы» һәм «Яҙ ҡаршы»лар менән «Урал тауҙарындай сәләмдәр» Бәләкәйҙән минең күңелемә Тылсымлы һүҙ булып һеңгәндәр. Ул хаттарҙы атай яҙа ине, Яҙа ине һуғыш ҡырынан. Ҡош телендәй ошо өскөл хаттар Бөтә ине һәр саҡ йыр менән... Еңеп ҡайтырбыҙ тип дошмандарҙы Яҙа ине һәр бер хатында. Ул хаттарҙы ярты һандыҡ итеп, Һаҡлай ине әсәй алтындай. Иҫтә әле, иҫтә ошо ҡалай һандыҡ, Уны асһаң, атай һөйләшә. Алма еҫе унан аңҡып китә, Атай, гүйә, алма өләшә... Уны асһаң, келт-келт сәғәт тибә: Атайымдың тере йөрәге. Ярты төнгә саҡлы усҡа алып, Тыңлай ине әсәй, күрәһең... Иң ҡиммәте, эйе, хаттар ине, Хаттар, хаттар, атай хаттары. Ғәрәпсә, латинса, яңыса ла Аҡ ҡағыҙға түккән аһтары... Ай аҫтында, усаҡ яҡтыһында Уҡый әсәй, алып ҡулына. Йоҡлап ятҡан сабыйҙарын һөйөп Илай ине аҙаҡ тын ғына... Бер хат бигерәк иҫтә. Ул ғәрәпсә — Бик оло сер итеп яҙылған. Уны әсәй беҙгә уҡымағас, Урлап алып ҡуйҙым һандыҡтан. Оҙаҡ йөрөттөм бик мин йәшереп Уҡытырға тиеп ҡарттарҙан. Уның үҙ тарихы, үҙ яҙмышы Айырмалы башҡа хаттарҙан. Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ икенсе йыл. Апрель ине – һаман хәтерҙә. Әсәйемдәр ҡамыл яндыралар Байыҡҡыуаҡ тигән бер ерҙә. Ер-һыу әле һурыҡмаған. Батҡыл. Йырлай бары һабан турғайы... Атайҙан хат көтөп, мин почтаға Сәғәт һайын барып урайым. Ҡапыл шунда телефондан хәбәр — Атай үҙе, үҙе өндәшә. Корпашауҙа!.. Фронтҡа үтеп бара... (Атай менән һуңғы һөйләшеү.) Саптым әсәйемә. Байыҡҡыуаҡ... — Ни булды һуң? Әллә хат?.. — Юҡ, атайым үҙе... — Ҡайҙа? — Корпашауҙа. Ҡайҙа ат? Беҙ ауылға тор ҙа сап! Ҡаршы йүгерешә бөтә ялан, Бөтә тауҙар, бөтә баҫыуҙар. Ҡаршы йүгерә бар Йүрүҙән беҙгә, Тын ҡыҫыла йөрәк ярһыуҙан. — Атайың һуң нимә тине, улым? Һорай минән әсәй йүгерә-атлай. — Яҡын булһа, саҡыр, тине атай. Хәс тә атайымдың үҙ тауышы. Бик асыҡмайһығыҙмы, ти... Яҡшы уҡы, улым, ти... Ярҙам итеш, инәйеңә, ти... — Тағы, тағы нимә ти?.. — Тәмәке тартма, улым, ти!.. — Тағы?.. — Кешеләрҙең баҡсаһына төшмә, ти... — Ә һин ни тинең? — Немецтарҙы еңеп ҡайтығыҙ, Берлиндың иң бейек еренә — Пожар һарайының башына Байраҡ элеп ҡайтығыҙ, тинем. — Һантый. Пожарный ҙа булдымы бейек ер! Һиңә генә бейек ул... Йән-фарманға сабып килеп индек Силсәүиткә, почта йортона. — Йәғәфәр, был һинме?!! Йәғәфәр!!! – тим!.. Тик атайым өндәшмәне... Трубка ғына торҙо аҫылынып, Сайҡалғандай елдә. Ә инәйем сәсе туҙған килеш Беренсе ҡат үкһеп иланы: — Эй, илаһым!!! Атай китте уҙып көнбайышҡа, Эшелондар көтөп торманы... Беҙгә бер хат менән кер һабыны Килтереп китте әллә кем берәү. Шул һабындың эсенә йәшереп атай Ҡул сәғәтен һалып ебәргән. Һуғыш бөттө. Еңеү көнө килде. Беҙҙең атай һаман ҡайтманы. Ҡайтҡан имеш, тиеп, төштә күрҙек, Ә өндә ул һаман ҡайтманы. Аслыҡ ине. Сәғәте генә ҡалды. Ул сәғәтте әсәй һатманы. Ул сәғәтте алып элеп ҡуйҙы Баш осона беҙҙең ятҡанда. Тек-тек, тек-тек типте йөрәк Кисе, төнөн, таңдар атҡанда... Ә һалдаттар ҡайтты... Ҡайһы ҡулһыҙ, ҡайһы аяҡһыҙ. Хатта бейештеләр ағас аяҡ менән Тыҡ-тыҡ килеп Еңеү туйында. Тик-тик, типте атай йөрәге, Тик йөрәге – беҙҙең йөрәктә. Типте йөрәк, Беҙ атайһыҙ үҫеп йөрөһәк тә... — Күрмәнеңме, ағай, атайымды? — Күрмәнеңме, быуай, атайымды?.. — Күрмәнеңме, апай, атайымды? Мөхлисә апай, осоусы апай! — Күрмәнеңме, еҙнә, атайымды? — Юҡ, күрмәнем... — Ҡайтыр әле, ҡайтыр, – тинеләр, Тик һүҙҙәре шикле инеләр. Тик күҙҙәре йәшле инеләр. Ә үҙҙәре атай ҡайтмағанға Хас ғәйепле инеләр. — Ҡайтыр әле, ҡайтыр, – тинеләр... Йондоҙҙарын алып бирҙеләр, Баҡсабыҙҙы һөрөп бирҙеләр, Һыңар ҡулы менән һөйҙөләр... — Шәп кеше ине Йәғәфәр, – тинеләр. Һөйләнеләр Бергә колхоз төҙөгәндәрен, Комсомолға кергәндәрен, Партияға кергәндәрен, Бергә ерҙәр һөргәндәрен, Уйын-көлкөләрен, Монасипты үҙ һарығы менән Һыйлап көлгәндәрен... Таһир ағай ҙа, Хаммат быуай ҙа, Ғафур быуай ҙа, Хафиз быуай ҙа... Ярты ауыл ирҙәр ҡайтманы. Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар Йылдар буйы ятты һандыҡта. Илай-илай инәйҙәрҙең Һуҡырайҙы күҙҙәре. Әбейҙәр көтөп көмрәйҙе, Әсәйҙәр әбей булды. Көттө. Тик атайҙар ҡайтманы. Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар Йылдар буйы ятты һандыҡта. Булды ауыр һүҙҙәр ишеткән дә: — Атайың ул хәйлә белмәгән. — Үтә ҡыҙыл ине шул... — Минең ҡарғышым төштө... — тиеүселәр ҙә булды. Аталары ҡайтҡан малайҙар: — Тоҙ ҡаҙый ул һинең атайың, – тип, Йөрәккә ҡуҙ һалдылар. Ләкин беҙ үҫтек – һалдат малайҙары... Күрше Шәрип ағай – уҡытыусы, атайымдың дуҫы, Ғәлимә апай – уҡытыусым Вагон баштарында мине Өфөләргә алып киттеләр. Рәхмәт һиңә, Мәхмүт бабай. Үҙең туңып, беҙҙе уҡыттың!.. Ә хаттарҙы аҙаҡ әсәйем Атайың үҙе ҡайтмағас... тип, Янып торған мейескә ырғытты. Сәғәт – һоло онона алышынды. Бер генә хат ҡалған ни бары... ЯҘ КҮРКЕ Тәҙрәң аша ҡарай Һоро урман... Һоро урман – минең күңелем. Тик онотма: Унда, Ҡар аҫтында, Яҙ күрке бит ята күмелеп. * * * Яны һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр, Дөрөҫлөктө әйт һин тартынмай. Һүҙең яңы булыр. Яңылыҡ бит Йөрөй дөрөҫлөктөң артынан. * * * Япа-яңғыҙ тороп ҡалған саҡта Оло донъя менән бер үҙең, Был донъяның бөтә йондоҙҙары Аһын күрә кеүек берәүҙең. Күрә, тоя, хатта ишетә кеүек Сиңерткәнең ерҙә сыңлауын. Ишетә кеүек оло серле донъя Йөрәгемдең һүҙһеҙ йырлауын... Тик һин генә мине ишетмәйһең... ЯУ ЯЛАНЫ Венер Йәнбәковҡа, «Атайсалды сыҡҡас Шиғриәткә саҡырып килтермәйҙәр, Шиғриәткә яулап инәләр. Китер өсөн килә уға бары Ҡунаҡ булып килгән генәләр. Ә шиғриәт – утлы яу яланы, Кемдәр унда ятып ҡалмаған!.. Ятып ҡалғансы тик атып ҡалған, Яу үткәнен көтөп ятмаған. Һүндермәйек йәндә яу ҡомарын, Яу ҡомарың йондоҙ итерлек. Һәр яугирға урын еткән һымаҡ, Һәр шағирға урын етерлек!.. ЯМҒЫР ЙЫРЫ Шыптыр-шыптыр Яуа ямғыр, Ҡоя ямғыр силәкләп. Күк күкрәй, Ер тетрәй, Хәс йәшенде әләкләп. Тик талпынып, Ҡанатланып, Яна ярҙа усағың, Ҡайнай сәйнүк, Сәйгә, әйҙүк, Етте сәй эсер сағың. Ямғырҙа ла, Яңғыҙҙа ла, Бойоғорға ярамай. Тап, әйҙә, көс, Сәйеңде эс, Бер нигә лә ҡарамай... Ямғыр үтер, Ҡояш өтөр, Йәйғор дуғаһын тағыр. Уға ҡунып, Шөңгөр булып, Һабантурғай йырлар йыр. * * * Ҡасандыр бер башҡорт иле Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан. Уйҙым-уйҙым утрау уйып, Ул хәҙер инде ҡайтҡан. Ҡайтһа ла ул ярҙарына, Ҡалған утрауҙары. Ҡалған алтын һүҙкәйҙәре, Ҡалған көмөш йырҙары... * * * Ҡоластарым ташлап, ятам ерҙә, Аҡтамырҙар һеркә осора. Күк карабы күкрәп үтһә үтһен, Күк иңләргә инде юҡ сарам. Иҫем китә бары бал ҡортоноң Аҡ сәскәнән эскән балына. Ниңә һуң мин һинең балың түгел, Бал итсе, тип уға ялынам. Юҡ шул икән, был донъяның миндә Күберәк икән зәһәр ағыуы... Күҙҙәремә нурын яғып китә Күктән бары болот ағыуы... * * * Әйтер һүҙең көмөш булһа ла, Өндәшмәүең ҡайсаҡ алтының. Мин бигерәк һуңлап аңланым Бөйөк аҡылын был халҡымдың. Ауыҙ тулы ҡара ҡан булһа ла, Төкөрмә, тип, дошман алдында Нисә ҡабат әсәм әйткәне бар, Онотам шул шуны ҡапылдан... ӘКИӘТ Әкиәтһеҙ бала – бала булмай, Мөхәббәтһеҙ – шағир шиғырһыҙ. Әкиәтемде тартып алмаһаңсы, Ҡалдырмасы мине һин йырһыҙ. Тик әкиәт кенә булһын һөйөү, Мин барыбер уға табынам. Әкиәтем әгәр юҡҡа сыҡһа, Мин сығарам уны яңынан. Гел ышанғым килә мөғжизәгә, Ышанысһыҙ күңел – ул йырһыҙ. Әкиәтһеҙ бала – бала булмай, Мөхәббәтһеҙ – шағир шиғырһыҙ!.. * * * Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең, Уҡыйһың да йолҡоп юлымды, Һин тутыҡҡан һүҙ сынйырың менән Бәйләп ҡуймаҡсыһың ҡулымды... Имеш, ниҙер әйтеп бөтөлмәгән, Бик томанлы, имеш, был фекер, Тимер логика юҡ бында, имеш, Төшөп ҡалған, имеш, бер өтөр!.. Әйтерһең дә, минең ғүмер бөткән, Бөтәһен дә әйтеп бөтөргә. Логика ул – бар тормошом минең, Абынмасы килеп өтөргә!.. Ҡапламасы мине үҙең менән, Мин эҙләнәм. Юлда. Мин тере. Алмалағы алма төшө кеүек Үҫә бит ул кеше фекере!.. * * * Бөтә түбәнлектән бейек, Бөтә ваҡлыҡтарҙан бөйөк Иң ҙур һөйөү менән килә һөйәһем. Ул һөйөүҙе миңә елдәр, Ул һөйөүҙе миңә гөлдәр көндәр, төндәр буйы Әйҙә, һөйләһен!.. Яратаһым килә, Шундай яратаһым, яратаһым килә, шашып аҡылдан. Бер көн генә, Бер төн генә! — Яна алһам ине ошо ялҡында! Кил һин, Көл һин, изге һөйөү, Ғазаплап кил, әрнеү, көйөү, Боҙҙан алып, утҡа һал һин, утҡа һал! Хис бир миңә, Көс бир миңә, нур бир миңә, йыр бир миңә! Һин Кешене миндә Һаҡлап ҡал! ҡал! ҡал!.. ЙӘЙ БАШЫ Ниңә ауыр былай күңелеңә, Барыһын да белгән йоҫоҡҡа?.. Мәңге тормай яҙ – яҙ, наҙ наҙ көйө, Көрһөнмәсе, ҡарап офоҡҡа. Ваҡыт инде ҡыҫҡа был ғүмерҙә Һәр миҙгелдең ҡәҙерен белергә. Миләшкәйең ҡойһа сәскәләрен, Гөлйемешкәй бағыр был ергә. Тик тоғро ҡал барлыҡ тандарыңа, Ялған шауҙа ҡалма аҙашып. Тынмаҫ борон, һандуғасты тыңла, Тыуған саҡта йомарт йәй башы!.. ЙЫРҘАРЫМ Мөгөҙ эҙләп маташмағыҙ Йырҙарымдан, баш ватып, Атҡа ниңә мөгөҙ кәрәк? Еккәнем бит – йөк аты!.. Йөк тейәгән арбаһы ла Бик ябай арба юлға. Таҡмағыҙсы биш тәгәрмәс, Дүртеһе еткән уға!.. Бер ниндәй ҙә биҙәге юҡ, Яланғас минең йырҙар — Гүйә, ҡасып, һыу инәләр Тейәлеп килгән ҡыҙҙар!.. * * * Алтмыш йәшең менән һине, ағай, Алтмыш йәшең менән ҡотлайбыҙ. Алтмышыңдың ҡырҡын беҙгә бирҙең, Шуға ла бит бергә атлайбыҙ. Беҙ атлайбыҙ килер замандарға, Беҙ атлайбыҙ илкәй хаҡына. Ил яҙмышын иңгә һалған ирҙәр Йәп-йәш ҡала туған халҡына. Алтмышыңда арыҫландай булғас, Етмештә лә егет булырһың. Алтмышҡаса сәскәс тос емештәр, Алтын ғына емеш урырһың! Алтмыш йәшәр әгәр юлдан ҡайтһа, Алты йәшәр – күрә барырбыҙ. Һин түшәгән нигеҙ таштарына Өп-өр яңы ниргә һалырбыҙ!.. * * * Юҡ, был минең һантый ғүмеремдә Һис әйтелмәй торған мөхәббәт!.. Һине дуҫым һөйә, тик шул ғына Йыуандыра – миңә рәхәт. Шундай тын ул тойғо һәм өмөтһөҙ, Бер ҡасан да көтмәй яуабын. Һинең миңә йылы бер ҡарашың, Йылмайыуың – үҙе бер ғүмер. Һин тормошто йәмләп йәшә шулай, Матур булмаһаң да, матурлыҡ. Бәхетле ит минең йән дуҫымды, Наҙлы булмаһаң да, наҙлылыҡ!.. * * * Яратам мин алһыу таң атыуын, Яратам мин шәфәҡ батыуын, Яратам мин тәүге гөл ҡалҡыуын, Яратам мин япраҡ яуыуын. Яратам мин, иҫереп хуш еҫенә, Ялан түшәгендә ятырға, Ай эйелмәй тороп баш осома, Ашыҡмайым һис тә ҡайтырға. Сорнайһыҙ ҙа шулай, ҡурайһыҙ ҙа Мин моңдарҙы тоя беләмен. Шишмә буйҙарына ирекһеҙҙән Юҡһа ниңә бик йыш киләмен? Артыҡ бер ни кәрәк түгел миңә, Ожмахтың да һис юҡ кәрәге. Тик тауҙарға, ҡая битләүенә Яҡыныраҡ типһен йөрәгем. ЧИО-ЧИО-САН Диңгеҙ шәфәғе (Откега) В сердце у каждого человека, Если только вправду Он человек, Стонет тайный узник — Глухая тоска! Такубоку Бында барыһы ҡомға ҡоролған, тип Уйлай инем әле ул юҡта. Уйлай инем, ҡомға ҡоролған, тип, Мөхәббәт тә бында, дуҫлыҡ та. Шундай ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар: Кейенһә лә, улар яланғас, Яланғас та – нурға кейенгәндәй, Күңелдәре нурҙан яралғас!.. Бер нәмә лә осраҡлы түгел, Үҙең осраҡлы булмаһаң. Һәр кешенең йөрәгендә йәшәй Сафлыҡ ҡошо булып ул илһам. Һәр кешенең йөрәгендә йәшәй Тотҡон булып ошо бер ҡошо. Ул ҡош – һәр саҡ, һәр саҡ ирек һөйгән Мөхәббәт һәм сафлыҡ һағышы. Тотҡон бер ҡош йәшәй бикләнеп, Тик ул үҙен азат итеүсегә Ҡарай хатта башта шикләнеп. Тик ниндәйҙер бер һүҙ генә, Бер һүҙ генә етмәй бәйләргә. Үҙең барҙа һүҙең табылыр ул, Тик тартынма уны әйтергә... Юҡтан ғына һүҙҙән һүҙ сығып, Шундай туған булып сыға күңелдәр, Ә һуңынан хатта йылдар, юлдар Айырырлыҡ һеҙҙе түгелдәр. Бына әйттем мин дә бер һүҙемде Диңгеҙ буйлап барған бер ҡыҙға. Ул да сыҡҡан икән, минең кеүек, Оҙатырға диңгеҙ шәфәғен. (Оҡшап тора ҡаҙаҡ-ҡырғыҙға.) Баҡһаң, ул ҡыҙ алыҫ Чукотканан Гәрәбәле диңгеҙ ярына Ялға килеп, инде ҡайтыр өсөн Бөгөн таңда юлға ярһына. Ә күҙҙәре мөлдөрәмә тулы — Болан балаһының күҙҙәре!.. Тәбиғәттең ҡырағай бер күркен Нурҙар итеп йыйған үҙҙәре. Иң һуңғы шәфәҡ булды был, Ниңә булмаған һуң тәүгеһе? Ниңә бер ай элек әйтелмәгән Ябайҙарҙан-ябай тәүге һүҙ? Йөрәгең бит үҙе диңгеҙ төҫлө Шәфәҡ батҡан диңгеҙ ярында. Пуччиниҙың Чио-Чио-Саны Ҡалдырған моң, гүйә, бар унда! Илтер ҙә бит, илтер ине беҙҙе Был шәфҡәтле шәфәҡ диңгеҙе. Илтер ҙә илтер етәкләп, Сиктәренә диңгеҙҙең Шәфҡәтле шәфәҡ һеҙҙе! Ҡурҡмағыҙ шәфәҡ ҡаршыларға, һис юғында Ғүмер буйы хәтерләргә Шәфҡәтле шәфәҡ ҡалыр. АЙ-МЫЙЫҠ Ҡыйылып ҡына ай сыҡҡан Атнабай мыйығындай. Ҡырын төшөп, ята рәхәт «Әрхәрәй» ҡыйығында. Айға рәхәт, иҫе китмәй Беҙҙең ер яҙмышына. Нурын да бит алып тора Күршеһе – ҡояшынан. Йылытмаһа ла нурҙары, Ай ул белә үҙ яйын. Тәңкәләре яуып тора Мыйығын борған һайын!.. БАЛА САҠ ҠОЯШЫ Мең ҡояшы булып бала саҡтың Көнбағыштар яна баҡсала. Күҙең ҡыҙһа, әйҙә, һикер ҙә төш, Хикмәтеме уның аҡсала! Эй шартлатып әҙәм табаҡтарын, Йондоҙҙарын һыпырып төшөрәм. Легиондар сафы Спартакты Ҡамай мәллә, әллә төш күрәм? Сыңғыҙ ғәскәреме саба әллә, Ғәскәреме Аҡһаҡ Тимерҙең? Әллә шулай Ҡырым сиреүеме Ҡаплап алған алтын был ерҙе? Уралымды урап алған яуҙай Көнбағыштың һәр бер урайы. Туҡтағыҙ! – тип, мин был ҡара яуҙы Ҡуй һарыҡтай ҡырҡҡа турайым. Сайыр еҫле аҡ мамығын уның Үткер тештәремә килтерәм... Эй, балалыҡ! Әллә китап битен, Әллә көнбағышмы мин тирәм?.. БӘЙГЕ Тормош – бәйге! Була шундай саҡтар: Ярылырҙай була йөрәгең. Ир намыҫлы булһаң был бәйгелә, Ярһымай ҙа булмай, күрәһең. Намыҫлыға йәшәү ауырыраҡ, Хаҡлыҡ һөйөп, хәйлә белмәһәң. Ҡан туғандар хатта ситкә тибер, Халҡым тиеп янып елләнһәң. Һуң нишләйһең, тештәреңде ҡыҫып, Атлығаһың аҡбуҙ атыңда... Тик ауыҙың тулы ҡан булһа ла, Төкөрмәйһең дошман алдында. Йыуанаһың оло өмөт менән, Бәйгелә бит хаҡлыҡ еңәсәк. Унда ир намыҫы, ат бәҫе бит, Ә хакимы – уның – киләсәк. БЕР ҠЫЛ («Илем — телем» триптихынан) Бер көн килеп боронғо бер дуҫым Бөрөп алды шулай алҡымдан: «Паганини ҙа бит түгелһен, – ти, — Тик уйнайһың һаман бер ҡылда! Ил дә тел тип ылғый ҡаңғырмаҫы, Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды!» — Тигән һүҙҙән бер дуҫым юҡ булды, Ҡылым ҡылыс булып тартылды. Иҫке бер ҡыл – изге бер ҡыл йәнгә!.. Ул тартылған сәсән халҡымдан. Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә, Ни мәғәнә миңә ул ҡылдан? Ҡалһын иҫке йәйғор-әҙернәмдә Мең йыл киргән кереш – бер ҡылым. Үтеп ингән ул ҡыл йөрәгемә Бөйөк халҡым ҡулы арҡылы! Пушкин, Кобзарь, Туҡай, Бабичҡа ла – Һәр халыҡҡа изге бер ҡыл ул, Йондоҙҙарға яңы уҡ сөйөргә Зыңлап торған һиҙгер аҡыл ул. Мәңге яңы яҡты был донъяла Бер йөрәгем типкән сағында Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам, Күҙ ҙә йоммам бер ҡыл һынғанда. Бер тыуғанмын икән, бер үлермен, Тәүге һөйөүем дә бер генә. Бер генә тик изге туған телем, Бер генә тик тыуған ер генәм!.. Харам миңә унһыҙ күкрәк һөтө, Харам миңә бишек йырҙары, Харам миңә һөйөү, күҙ йәштәре, Ҡош һайрауы, ҡояш нурҙары! Йөҙгә берәү тулмаҫ ҡылың менән Бергә китһен кәңәш-аҡылың. Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл үргәнсе, Торһон әйҙә ысын бер ҡылым!.. ТЕЛ I Тыңлап таңы ҡалған тел, Йәнгә рәхәт һалған тел, Яулап-ҡурсап ҡалған тел, Ҡан-йәш түгеп алған тел. Күреп ирек емеше, Киреп бәхет өлөшө, Һаҡлар һине һәр кеше, Яҡлар һине һәр кеше. Телһеҙ инек – тел алдыҡ, Илһеҙ инек – ил алдыҡ, Һинең менән тәйән беҙ, Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ, Үткәнгә үрт, ҡуҙ һалдыҡ... II Үткәнгә үрт һалмағыҙ, Тик үрелеп ҡарағыҙ. Яҡын булыр арағыҙ... Йөрәктәге ярабыҙ Уңалып та бөтмәгән, Тағы ярып барабыҙ... Бөтә даһи һөйләшерлек, Бөтә ғашиҡ серләшерлек, Тыңлап һүҙен көнләшерлек. Аңлашырлыҡ уртаҡ тел Бөтә телдә табылыр. Телде телдәр хушһынмаһа, Артылмаҫлыҡ тау булыр, Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр, Дау артынан яу булыр. III Көслөк менән тел булмаҫ, Үслек менән ил булмаҫ, Көс үҙенә көс табыр, Үс үҙенә үс табыр. Ҡыҙыл ҡандар түгелгән, Күп ҡорбандар бирелгән Ошо ғәзиз тел өсөн. Бар донъяны айҡап сыҡ, Юҡһылын да табырһың, Бай һынын да табырһың, Дуҫыңды ла табырһың, Дошманға ла барырһың... Йөрөй-йөрөй арырһың, Илең һағынып янырһың... * * * Түр башынан ишек төбөнәсә Үткән юлың – үҙе бер ғүмер... Дүрт мөйөшө өйҙөң – оло донъяла, Әҙәм менән себен әле – бер!.. Оло ҡояш менән уйнар туп та, Ҡояш нурындағы туҙан да Һиңә мөһим, улым!.. Бесәй ҡойроғо ла, әсәй бойороғо ла, Иҙәндәге тап та, Йыртҡан китап та, Күк күкрәүе менән Сылт иткән тауыш та — бөтәһе лә әле – бер һиңә!.. ТӘҮГЕ ҠАР Ҡыш килеүен ергә хәбәр итеп, Ойоҡһотоп яуа тәүге ҡар. Ойоҡһотоп яуған ошо ҡарҙа Күпме ғиффәтлек, тим, сафлыҡ бар!.. Ташлана ла шулай ҡара ергә — Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө, Төшөп етмәҫ борон иреп бөтә, Тере ҡалмайынса бер төгө. Ләкин күктән уның артынса уҡ Башҡалары ергә ташлана, Һәм ҡара ер тотош аҡҡа сума, Һәр үҙгәреш шулай башлана. * * * Тығыҙ, тынсыу был бүлмәлә Быуып тора таңды ҡараңғы... Тупыс бармаҡтары менән, көлөп, Тәҙрәне ҡаға ямғыр. Һүнгән хыялдарҙы терелтеп, Ниндәйҙер бер көй моңая. Ниңә һуң был алыҫ бушлыҡта Һыҙылып ҡына һағыш уяна. Күңелдең ул иң-иң нескә ҡылын Ауырттырып һуҙа тын ғына. Ниңә шулай йәшлек йәшнәгәнен Беҙ тоябыҙ икән һуң ғына?.. * * * Төнгө ергә ятып ерҙе тыңла, Шаптыр-шоптор ямғыр яуамы? Юҡ, был сабый үлән ҡалҡа шулай — Тормоштоң был сабыр дауамы. Тормоштоң был бөйөк тантанаһы, Ул әҙерләй шулай үрсерен. Ер тауышын ергә ятып тыңла, Ерең сисер һиңә үҙ серен!.. * * * Тел тыуҙырған халҡым — бөйөк бер тел! Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә. Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте, Үҙен-үҙе ергә күммәһә!.. Тик ниңә һуң Бик күп үҙ улдарың Ғәмһеҙ ҡарай үткән юлыңа? Шул гәмһеҙлек Күҙгә күренмәгән Көрәк тотмағанмы ҡулына? Ниндәй хаҡыбыҙ бар оноторға Ҡанлы-данлы урау юлдарҙы? Ниңә ултырабыҙ Кәмәбеҙҙе Ағышына ҡуйып йылдарҙың? Күпме ҡорбан биреп, Ҡанды түгеп, Яулап алдыҡ ошо телде беҙ? Шул тел менән «Ирек» һүҙен әйттек, Гөлдәй иттек үлгән илде беҙ... Әйтерһең дә, шулай донъя шаулай, Шаулай йылдар, шаулай быуаттар. Тау йылғаһы ташып килһә шулай Быуа йырылыр бит, быуа тар... Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер даулай — Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә. Юҡ, йоҡоһоҙ шулай күңел дулай, Һине уйлап, үкһеҙ өңөндә. ТАШҠЫН Бейек тауҙа тыуып, ирек өсөн, Эшкә һыуһап, Алға ынтылып, Аға йылға!.. Ә ҡайҙалыр ситтә Бер йәшкелт һаҙ ята, Ыу тулып!.. Ҡаяларҙан Ҡайнап аға ташҡын, Көмөштәй саф — Ни хәл итергә? Күпме йылдар инде Был гәлсәр моң Тынғы бирмәй Серек күтергә... Ҡалай итер Күтер? Уйлай Былай: «Туҡтатырға? — Килмәҫ көсөмдән. Әммә уны Мин ағыулай алам — Тиккәме ҡорт Мыжғый әсемдә?» Күҙ күрмәгән Шомло бер яу булып, Ябырылды ҡорттар Ташҡынға. Тик уларҙы Ташҡын Иҙеп китте! — Үҙ башына икән Ашҡынған!.. Иҫке, Сырхау күтер, Ағыу сәсеп, Күпме шулай Беҙгә ташланды? Әммә серек һаҙҙар Сәскән ағыу Бора алмаҫ Тере Ташҡынды! ТӨҘӨҮСЕ ДУҪҠА Бер һүҙем бар, төҙөүсе дуҫ, Тик белмәйем нисек әйтергә. Был һүҙемде һин аңлаһаң ине, Алһаң ине көн дә хәтергә. Һинең кеүек, мин дә ер кешеһе, Ҡатыным бар, ике балам бар. Биш йыл уҡып, ярһып эшкә ҡайтҡан Һин төҙөгән иркен ҡалам бар. Тик юҡ минең ошо үҙ ҡаламда Тар ғына бер ҡуныр урыным. Өс йыл инде төрлө хужаларҙың Ишектәрен шаҡып арыным. Сабыйымдың күк ҡулдарын күреп, Күңелем туңа һалҡын ҡыштарҙа... Ҡоштоң да бар үҙ ояһы, тиеп, Мин көнләшеп ҡуям ҡоштарҙан... ҺУҢҒЫ ХӘБӘР Әллә ниңә бик йөрәкһеп көттөм Был тетрәткес һуңғы хәбәрҙе. Иҫән-һаумы? Ҡасан ергә төшөр? Бөттө! ТАСС хәбәре үлем ебәрҙе... Яҙып бөтөлмәгән юлдар ҡала шулай, Осланмаған юлдар ҡалалар. Йәйләнмәгән йәйләүлектәр ҡала, Төҙөп бөтөлмәгән ҡалалар... Бүләк ителмәгән гөлдәр ҡала, Әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалалар. Ебәрелмәй, хаттар тороп ҡала, Тыумайынса ҡала балалар. Ғүмер буйы көткән бәхет көнө ҡала, Үкенестәр тороп ҡалалар, Үбелмәгән алһыу ирендәр, Бүләк ителмәгән сирендәр. Ер һауаһы әллә етмәнеме, Бәхет үтә оло булдымы? Түҙемлектең әллә сиге етеп, Әжәл үҙе килеп ҡундымы? Илем бөркөттәре — Өс бөркөтө, Өс бөртөгө сикһеҙ йыһандың, Кеше рухы! Һин барыбер еңдең, Үлемһеҙлектәргә юл һалдың! Тик бәхетте күрмәй, Күҙ-ҡаш араһынан юғалдың. Яҙып бөтөлмәгән юлдар ҡала, Юлдар ҡала ослап бөтөлмәй. Ашыҡ, кешем, Яҡшы эш эшләргә, Үлем килә, үҙе көтөлмәй. Дүрт күҙ менән көттөк һеҙҙең Ергә, ергә, ергә ҡайтыуҙы. Кем уйлаған ергә төшөп етмәй, Өс тағандай, гүрҙә ятыуҙы... Һөйөнөстәр менән көйөнөстәр, Туй күлдәге менән кәфендәр — Бөтәһе лә бергә йөрөй шул ул. Алырымҡош менән Бирмәмҡош Икән дәһә, ай-һай, был тормош. * * * Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай, Шиғриәттә хәйлә файҙаһыҙ. Ҡурҡаҡ һәм ваҡ Ҡыйыу, ҙур һүҙ әйтмәҫ!.. Ышанмайым йомарт булырына Бер һарандың йырҙа һис ҡасан. Тарһынғандың кеше уңышына Киң күңелле булырына. Таштан йүкә әле һуйылмаған, Үҙен бер кем аша һикермәҫ. Шаҡшы әҙәм һеҙгә һис бер ҡасан Яҡшы шиғыр яҙып килтермәҫ. ИРЕНМӘГЕҘ, ИРҘӘР Аҙым һайын – йөкле ҡатындар. Йөҙҙәрендә – таптар, алтындар. Ирҙәр уңған, әллә – үҙҙәре: Янып тора уяу күҙҙәре. Йөклөләргә тулһын еребеҙ, Йөклөләргә булһын түребеҙ. Иренмәгеҙ, илдең ире – һеҙ: Киләсәккә урын бирегеҙ. БӘЛӘБӘЙ ҺЫРАҺЫ Нимә инде һорап тораһы — Тәмле Бәләбәйҙең һыраһы!.. Бер саҡ шулай елгә еленләп, Йөрөгәндә боҙға быҙаулап, Юҡты-барҙы шулай билендәп, Ҡалған-боҫҡан ҡыҙ аулап, Кеҫә төбө тишелгәс, Бер үлерҙе биш үлгәс, Баш төҙәтер әмәл ҡалмағас, Йән дуҫтарым юлда алдағас, Ҡырып-һепереп тиндәрҙе, Хәтерләргә илдәрҙе Алып эстем һыраһын — Нимә һорап тораһың... АУЫЛЫМ СӘХНӘҺЕ Манараһы алып ырғытылған Мәсеттәге ауыл сәхнәһе, Сәхнә артындағы михрабында Кескәй генә грим бүлмәһе Хәтеремдә мәңге үлмәһен! Бала саҡтан, йәйғор кеүек матур Иң ҡәҙерле ошо бүләген ...изге иҫтәлеге итеп Ғүмер буйы һаҡла, йөрәгем. Был тылсымлы көҙгө күргән кеүек, Ауыҙ асып баҡтыҡ экранға. Донъялағы ни әүлиә кеше итеп Күрҙек беҙ Хөсәин ағайҙы. Төрлө әкәмәткә ҡулы оҫта, Сәғәт, самокаттар яһаусы, Тәүге радионы, киноаппаратты, Төрлө антенналар ялғаусы. Бүрек-түбәтәйҙе биреп уға, Ялан аяҡ ҡара малайҙар Бушлай керер өсөн киноға «Телһеҙ кино» әйләндерҙек. Хәтеремдә: тәүге телле кино килде, Етмәһә, ул үҙе башҡортса, Ул Салауат ине... «Башҡорттарым, әйҙә алға!» – тиеп Һаман саҡырғандай Салауат. Тәүге һәүәҫкәрҙәр — Йәмилә, Мәҙинә апайҙар, Вәрис, Сибәғәт ағайҙар Балалыҡ хыялдарымда Иң ҙур артист булып ҡалғандар. Улар ғишыҡтарын ҡыҙҙарына Хәлил булып әйтте сәхнәлә, Ғәлиәбаныу, Аҫылйәрҙәр булып Үбешкәндер башлап сәхнәлә. Матурлыҡты шулай һөйөргә, Улар кеүек һөйә белергә Өйрәндек беҙ ошо сәхнәнән. Мәсет аша ай күренә. Ай түгел ураҡ бит ул. Бер ҙә юҡҡа ла елкенә — Йәш йөрәк дурак бит ул. Сылбыр менән уратылған Комсомол ҡәберҙәре, Йәшлек мәле ике килмәй, Белегеҙ ҡәҙерҙәрен. АЛ ҠУРАЙ, ҠУРАЙСЫМ! Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа Бер йөрәк һыҡрай — Бар йыһан ҡанһырай... Тиҙерәк ал ҡурай, ҡурайсым! Йүгерһен бармағың, Бар Улар тармағын Тиҙерәк сорнаһын берәй сың!.. Мөхәббәт, һин киттең — Бәхетте юҡ иттең, Көл иттең мәңгелек өмөттө. Күҙҙәрҙә ҡанлы йәш — Хәс туңған пар миләш, Уларҙы иретер көн бөттө!.. Иретһә, иретер, Ир итһә, ир итер Илендә ирҙе тик бер ҡурай. Ал ҡурай, ҡурайсым, Аҡ бәхет юрасы — Ир янһа, ер яна, ҡон һорай!.. * * * Ҡасты минән донъя ерәнеп. Ерәнеп ҡасты минән донъя... Һин килдең... Ҡайтарҙың миңә донъяны. Донъяны һин миңә ҡайтарҙың. Күҙҙәреңдән минең өсөн генә Түгелгәндәй ҡурай моңдары... Үҙ илемдә илһеҙ ҡалған кеүек, Йөрөй инем ерҙә ҡаңғырып... БИЛДӘҺЕҘ ҠАТЫН Крамскойҙың «Билдәһеҙ ҡатын» картинаһына ҡарап Эй билдәһеҙ ҡатын! Был донъяға Нисә быуат инде бағаһың? Бағаһың да күпме күңелдәргә Саф мөхәббәт утын яғаһың. Һин тик билдәһеҙ бер ҡатын булып, Үтеп китһәң, елдәй, көймәңдә, Үҙең менән күпме хазинаны, Күмер инең, аҡыҡ төймәңдәй... Тик бер даһи рәссам ҡулы һине Тотоп алып ҡалған мәңгегә. Был илаһи күҙ ҡарашың менән Һин билдәле хәҙер һәр кемгә. Матурлыҡҡа ҡырыҫ был донъяла Һаҡлап ҡалыу күркен кешенең Һәм билдәле итеү билдәһеҙҙе — Бәхетелер ижад эшенең?.. * * * Мин заманым менән ғорурланам, Юҡ, был түгел һуҡыр ғорурлыҡ. Бөтә ҡаршылығы, фәжиғәһе Йөрәгемдә алған урын ныҡ. Мин үлемде түгел, был тормошто Һәйкәл итеп ҡойҙом йырыма. Йөрәгемде аҫыл киләсәктең Ҡойондорҙом сағыу нурына. Мин инандым ысын иманына, Бар моңона бөтә телдәрҙең. Миңә яҡын, ғәҙел, яҡты, ысын Татыу ғаиләһе илдәрҙең. Заманымдың бөтә тауыштарын Заман улы булып һеңдерҙем. Ул тауышты бөтә замандарҙың Һөрәненән өҫкә мендерҙем. Күҙем күргән һәр нәмәлә күрҙем Серле йырҙар боҫоп ятҡанын. Серен астым шулай үҙ-үҙемә, Матурлыҡты шулай яҡланым. * * * Имән, ҡайын етәкләшеп Тауға менеп килә ине. Ниңә тауға менгәндәрен Тик үҙҙәре белә ине. Беләйем тип эс серҙәрен Йүгереп мендем арттарынан. Ундай ғәҙәт таныш инде Был донъяның ҡарттарына. Улар, һиңә ни кәрәк, тип, Ҡыуып еткәс, туҡтап ҡалды. Икәү бәхетле булғанда Өсөнсө бит һәр саҡ артыҡ. * * * Йүрүҙәндә берәү һыу төшә, Һыу төшөүе сәйер тамаша. Йылға өҫтөн елдәр һөрә, Тулҡын менән тулҡын талаша. Ә ул йөҙә, сума, салҡан ята, Һыу сәсрәтеп уйнай, ҡысҡыра. Әллә ниндәй тыйылғыһыҙ көлөү Шашындыра уны, шаштыра. Кем икән ул, йәшен йәшнәгәндә, Күкрәгәндә бөтә күк йөҙө, Көлә-көлә шулай ҡоторона?.. Моғайын, был һантый, мин үҙем? * * * Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала, Төн йоҡоңдо һинең кем ала? Белмәйһең шул ниҙәр көткәнен, Уның ниҙәр өмөт иткәнен... Һин бит изге тиеп табынған — Бер иблес бит – елдән табылған! Ул көткәнең килер – ҡағылыр... Тик үткәнең һине һағыныр. Төн йоҡоңдо һинең кем ала, Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала?!. * * * Яҙ елдәре тәнде иркәләһә, Яҙ гөлдәре йәнде иркәләй. Ҡояш нуры, ҡоштар йыры менән Үлеп тереләһең ошо иртәлә!.. Был донъяны ташлап китеү уйы Башыңа ла хатта һыймаҫлыҡ. Әй йәшәһе килә, мең йәшәге — Мең йәшәп тә йәшәп туймаҫлыҡ! Ҡанаттарын еңел генә елпеп, Иләҫләнеп йөрөй күбәләк. Әйтерһең дә, нур ҡылдарын сиртеп, Талгын ғына бейей сүгәләп. Күҙ ҡамаша шишмә көмөшөнә Мен күҙе бар, гүйә, шишмәнең. Мөлдөр-мөлдөр килгән ҡарашына Иләҫләнмәй, күңел нишләһен? Был мөхәббәт ҡарай бәғереңә, Бәғереңдә – яуап ҡарашы. Һин бер бөгөн. Ошо донъяң менән Һәм мәңгелек һеңә ярашып!.. САБЫЙ ИЛАУЫ Сабый илай – был йыр һымаҡ, хатта, Был – үҙе бер оло тамаша. Әле күҙҙәре лә күрмәй уның — Күҙгә ҡарап тороп аҙаша. Төҫөн дә һис танып булмай әле — Күкһел яры менән ҡапланған. Тик атаның хыялында инде — Улы хәҙер атҡа атланған!.. Илай сабый – ҡыҙғаныс та шундай, Һәм көлкө лә уның илауы... Шундай кескәй тырнаҡҡыналары, Шундай кескәй уның бармағы. Тик тырпайып торған һәр быуыны Шундай ныҡ – балыҡ ҡармағы... Илайыммы әллә көләйемме Тигән кеүек ҡарай был бала. Тик илай ҙа һәм көлә лә белмәй, Тик имергә белә донъяла! Шул белеме сикһеҙ һөйөндөрә — Иң ҙур шатлыҡ ата-әсәгә! Нур йомғағы булып йоҡлағанда, Тиккә оҡшатмайҙар сәскәгә. Бишек – әле уға Тыуған иле, Юлы – бары ҡулы атаның. Һәм әсәнең йылы күкрәге — Әлегә тик уның Ватаны... Еңел генә итеп көрһөнә лә Тала тағы тәрән йоҡоға. Йоҡоһонда әсә күҙҙәренең Наҙын ғына тойоп иҙрәй... Үҫер... Әсә һөтө менән һеңер уға Тыуған ерҙең йылы яҡтыһы, Йөрәк көлә, уны күреү менән, Хистең тыуа иң-иң татлыһы. Килер бер көн... Бишегенән төшөп, Баҫыр ул да тәүге аҙымын. Ер шары ла уға бик тар булыр, Аҡбуҙатын тотоп бәйләр өсөн Эҙләп китер Тимер ҡаҙығын... * * * Тәүге һөйөү ниндәй тетрәткес һуң, Кәм түгелдер унан һуңғыһы? Уҫаҡ япрағындай дерелдәй бит Ҡосағыңда һинең һуңғы һын. Ул һағайыр, аңға килер тиҙҙән, Йәш килене булғас ауылдың. Тик осрашһаҡ, тағы тертләп китер, Хәтерләп был һуңғы дауылды. Ул һарылмаҫ инде ҡосағыңа, Сабыр була ауыл ҡыҙҙары. Тик яныңдан өнһөҙ үтеп китер, Ошо таңдай, йөҙө ҡыҙарып... ҒӘҘӘТЛӘНЕҮ Сәскә атҡан туғайлыҡҡа Килеп сыҡҡас урмандан, Иҫереп йығылырҙай булам, Хуш еҫ аңҡып торғанда... Аҙаҡ, күҙ күнегеп алғас, Иҫ тә китмәй уларға. Хуш еҫе лә әйләнә тик Үпкә һулар һауаңа. Киткәс кенә шул туғайҙан Етмәй уның хуш еҫе. Мөхәббәт тә шулай ҡайсаҡ; Үткәс кенә бик эҫе. МЕТАМОРФОЗАЛАР Ҡасандыр һин бер фәрештә инең, Мин дә һиңә аллаң булғанда. Бөтәһе лә ал да зәңгәр ине, Зәңгәр ине бөтә хыялдар... Ергә төштөк. Һин, ҡоралай булып, Йөрөгәндә бейек тауҙарҙа Беҙ күрештек. Һәм мин бүре хәҙер — Аҡыл менән Йөрәк яуҙарҙа. Тағы түбәнерәк төштөк. Беҙ күрештек — Аждаһаға инде әйләнһәм, Һин әйләндең урам буйындағы Һағыҙ сәйнәп ятҡан кәзәгә, Хыянатсыл, ҡонсол, көнсөл йәнең Үҙ-үҙеңде һинең алданы. Тормош ғәжәп. Ләкин үкенмәйем: Һиңә алла хәҙер ялғаның!... * * * Ялыҡтырҙы, буғай, һине минең Был тынғыһыҙ күсмә тормошом. Киттең!.. Бәлки, яҡшыраҡтыр шулай, Ни күрһә лә күрер бер башым. Мин донъяны, шундай ҙур донъяны, Һинең менән генә сикләһәм, Бөтә хыял, бөтә уйҙарымды Һинең менән генә бикләһәм, Нимәгә мин? Нимәгә был тормош? Юҡ, артыңдан бормам юлымды! Әгәр миңә юлдаш булалмаһаң, һуҙалмаһаң тоғро ҡулыңды, Ғәҙәт кенә булһа мөхәббәтең, Онотһаң һин беҙҙең юл башын, Ғәмһеҙ булһаң маҡсатыма минең, — Яңғыҙлыҡ та миңә юлдашым! * * * Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош Шундай мәғәнәһеҙ бер нәмә: Хыялдарҙан айнып, күҙем асһам, Ҡайтҡан һымаҡ булам төрмәмә. Тик һиҙмәйһең ығы-зығы менән Унда үткән зая ғүмерҙе. Күнегелгән шундай был төрмәгә, Бөгөн килеп уны емерҙем. Емерҙем дә етем булып ҡалдым, Аңлайышһыҙ был хис күптәргә, — Сөнки һәр кем ошо ауыр йөктө Мәңге төшөрмәҫкә күтәргән... * * * Үтһә үтһен йәшлек, әйҙә, Тик мөхәббәт кенә үтмәһен. Бер үҙемде яңғыҙлыҡҡа Мәңгелеккә ташлап китмәһен. ИНТЕГРАЛДАР ПОЭМАҺЫ Власть над Вселенной я считаю Лишь попрошайкой у Любви. Хафиз Кәсер, һандар, Интегралдар... — Ниндәй алыҫ, аңлайышһыҙ донъя аңыма! Шул донъянан миңә ҡараның да Мең-мең һорау ҡуйҙың алдыма. Был донъяны Мең-мең өлөшсәгә Тураҡлаһа һинең кәсерҙәр, Мин уларҙы, Йыйған һымаҡ линза нурҙарҙы, Күҙҙәреңә йыям, Яныр өсөн, Янып бағыр өсөн әсирҙәр! Ә һындарың, Интегралдың, Һин ваҡлаған сикһеҙ кәсерҙәр — Минең зиһен өсөн, Гүйә, ерҙең тартыу көсө — Мәңгелектән сикһеҙ мең серҙәр... Миңә таныш бары һағыш, Күңелдәге бушлыҡ — Торичелли бушлығы. Күҙ ҡарашың уны тултырҙы ла, Сабырлығым бөтөп тамам, Һиңә сабам, Бәйгеләге аттай бышлығып. Мин беләм тик Ерҙең тартыу көсөн. Уның көсө Минең өсөн — Йөрәгеңдең тартыу көсөләй. Әммә сәйер миңә: Минең антиподым Ер шарының башҡа яғында Тартыламы хыялына шулай? Ул ни уйлай? Оҡшағанмы хисе хисемә? Миңә сәйер, Бик-бик сәйер уның Эләгеүе тартыу көсөнә... Нисек һуң ул осоп төшөп китмәй Әллә ҡайҙа, күк төбөнә, Болот эсенә?.. Упҡын ҡосағына, Зөһрә-ҡыҙ янына? Һәм тәғәрәи ятмай айҙарҙа? Ул да беләме һуң Шулай яна-һағына? Һәм ынтыла әллә ҡайҙарға? Лампочкаға ҡунған себен кеүек кенә Ҡанатһыҙ был әҙәм бөрөһөн Баҫып йөрөй тиҙәр Ер шарына... Сәйер... Хәйер, әйҙә йөрөһөн!.. Ә шулай ҙа мин табынам, Мин инанам Ерҙең ошо тартыу көсөнә. Юҡһа мин бит Бирелеп был яныу хисенә, Осоп барып төшөр инем Күҙендәге упҡын эсенә!.. Ҡыйылып хәс тә һинең ҡашың һымаҡ Килгән саҡта ерҙә таң атып, Мин белмәйем, – Һин ни уйлайһың, Атомдарҙы ваҡлап, тарҡатып!.. Атом төҙөлөшө миңә таныш бары Кар Лукреций яҙған китаптан. Мин тик Гераклитса, Демокритса Уйлай алам, Атҡан саҡта таң... Шундай асыҡ болот шәкелдәре — Ултыр ҙа кит ине уларға, Болоттарға Туҙған толомоңдо үреп, Мәңгелектең рухын һуларға. Мендәр итеп айҙы һалыр инем, Ябыр инем йондоҙ юрғанын. Етегәндең сүмесенән генә Мин эсерер инем үҙеңә Йәшлегемдең көмөш йырҙарын. Ул болотҡа нисек ашмаҡ кәрәк? Етерме һуң илһам ҡанатым? Мин күтәреү көсөн бары беләм Аэроклубта танау ҡанатып... Уҡытыусым – ҡарт осоусым – бер мәл «Война и мир»ҙы күреп ҡулымда, Старт майҙанынан һөргәс, Йөрөгәйнем Аҙна буйы кухня юлында... Тик барыбер остом, Ҡостом күкте, Һәм татыным осоу ҡомарын, Штурвалдың әле, Балыҡ һымаҡ, Ҡыймылдауын тойҙо ҡулдарым. Педалдәге аяҡтарым менән Ҡаршылығын тойҙом елдәрҙең. Бер саҡрым бейеклектән күрҙем Ҡусҡар эҙен тоноҡ күлдәрҙең. Иҫтә әле һаман бер һылыуҙың Ҡаш өҫтөнә ҡуйып һул ҡулын, Уңы менән яулыҡ болғағаны, Ә йөрәктең һыҙлап һулҡыуы... Үҙебеҙҙең мәктәп башынан мин Бер шыҡыйып төшөп бейектән, «Үлем элмәгенә» үңәс һалдым, Үс алам тип ошо кейектән. Тик һөймәне мине ҡыҙ сағында, Ҡосағында һөйҙө иренең. Ул ҡыҙҙың да бына һинекеләй Еләк кеүек ине ирене!.. Аҙаҡ мин османым. Остом бары Ҡанатында хыял, илһамдың, Һәм бына мин ҡапыл туҡтап ҡалдым Сере алдында Интегралдың, кәсер һәм һандың... Оло һорау һымаҡ Күктә йәйғор!.. Ете төҫлө уның нурында Ни күрәһең? Тик спектр!.. Инспектор Һеҙҙең ятаҡ торған урында Мине еңдән тартты: — Һеҙ иҫерек? — Юҡ, тик былай ғына... Һәм атланым, Баш ҡаңғырып төрлө юрауҙан. Ингән ерем көҙгө баҡса икән, Ә баҡсала ҡәбер таштары, Тыуған, Йәшәгән һәм үлгәндәрҙең Шунда ята ғәзиз баштары. Һөймәйҙәр ҙә хәҙер, Көймәйҙәр ҙә, Тик тамырын тотоп тирәктең, Һелкетә лә елгә ҡарт олонон, Ҡоя ергә япраҡ-йөрәкте... Ә йөрәге тереләрҙең һаман Үлемһеҙлек эҙләй үҙенә. Үлемһеҙлек – мөхәббәттә яныу, Йыр ҡалдырыу донъя йөҙөнә. Ә йыр — Шиғыр, һүрәт, моң ғынамы? Кисер, кәсер, Һин дә йырмы ни? Кисерегеҙ, һандар, Интегралдар!.. Йәйғор төҫлө һеҙ ҙә нурмы ни? Йәйғор төҫлө сағыу нур булһағыҙ, Һеҙ бит күпер ике йөрәккә! Әйтсе, тирәк, Ҡайҙа башҡа йөрәк? Әҙәм теле ят шул тирәккә... Һөйәләм дә уға, Яҡын ят донъяға — Интегралға китәм, кәсергә. Һәм уртаҡлыҡ эҙләп, Мин тотонам Ярҙан ярға, Ҡарҙан ҡарға күсергә... Ябалаҡлап яуа тәүге саф ҡар, Һинең телдә улар – кристалдар, Минең телдә улар – күбәләк. Күбәләктәй һинең керпектәрең, Мин уларҙың ҡара бөртөктәрен Һанар инем ергә сүгәләп. «Ҡара ҡаршы ҡарашайыҡ, Керпектәр һанашайыҡ. Етмеш керпек – һәр күҙҙә, Сабыр итсе бер көҙгә... Ҡуйы ҡара керпегең, Бирсе миңә бөртөгөн. Үҙең миңә булмаһаң да, Төҫөң итеп йөрөтөрмөн. Өҫтәлемдә шәмдәр яналыр, Тармаҡ-тармаҡ булып тамалыр. Оҙон ғына керпек, һикһән бөртөк, Күҙ нурыңды минән ябалыр. Һикереп төштөм шишмәгә, Шишмә һыуы һайҙыр, тип. Ҡарашыңды хисем иттем, Миндә күңелең барҙыр, тип. Ҡоштар булып осор инем, Ҡанат яһап булмай шул, Һүрәтең яһап ҡосор инем, Йәнең ҡушып булмай шул...» Ишетмәнең минең йырымды ла, Сыҡманың да йырсың янына. Болоттарға һине ултырттым да Әллә ҡайҙа остоҡ яңынан. Остоҡ әллә ҡайҙа! Әллә айға? Эйнштейн етмәҫ алыҫҡа. Сағыштырмаса бит бөтә нәмә, Был донъяла Юл оҙон да Юл ҡыҫҡа! Сағыштырмаса беҙ Бер-беребеҙҙән Бик тә бик-бик алыҫ булһаҡ та, Үтәбеҙҙәр бер үк уйҙы уйлап, Бер үк мәлдә Бер үк һуҡмаҡтан. Ҡасандыр бер Иренемә ҡунған Бер үк ҡар бөртөгө Иренеңә төшөп ирейҙер. Шул уҡ уйҙар, Шул уҡ хис-тойғолар Һинең күңелдә лә йөрөйҙөр. Галактика сикһеҙлеге менән Сағыштырған саҡта Ер шарын, Йәшәйһеңдер минең ҡуйынымда. (Былмы уйҙың эшкә ашыры!..) Ихтималлыҡ ҡанундары булғас, Бер-беребеҙҙән алыҫ булһаҡ та, Ниндәйҙер бер теүәл меридианда Ярай бергә-бергә ҡунһаҡ та (Минең төштә хатта ҡунһаҡ та)... Һинең донъяң, миңә ят булһа ла, Барҙыр унда уртаҡ яҡтар ҙа. Минең дуҫтың йәмәғәте – Һинең әхирәтең! Булыр әле бергә саҡтар ҙа. Сәкәшерҙәр беҙҙең бокалдар ҙа Беҙ эсербеҙ бер үк шарапты. Шундай сикһеҙ диңгеҙ киңлеге лә Төкәлдерә ике карапты! Өмөтһөҙ тик – шайтан. Өмөт өҙмәм, Һин дә ен ҡыҙы бит түгелдер? Күҙ ҡарашың шундай серле һинең, Беҙҙә, бәлки, уртаҡ күңелдер? Бер үк планетала йәшәйбеҙ бит, Бергә йотоп төтөн, саңдарын. Бергә оҙатып бер үк шәфәҡтәрен, Ҡаршы алып бер үк таңдарын. Тимәк, уртаҡ беҙҙең яҙмышыбыҙ, Уртаҡ беҙҙең барыр юлыбыҙ, Еребеҙ бер, илебеҙ бер беҙҙең, Бер замандың ҡыҙы-улыбыҙ. Кисер, кәсер, Кисерегеҙ, һандар, Интегралдар! – Һинең улар — Күҙең нурылыр! Һинең фәнең, Тимәк, минең йәнем, Бәлки, йырым – күңелең йырылыр! Йәшәһен фән һәм йән дуҫлығы, Кешене бит әллә ҡайҙарға Ошо дуҫлыҡ ҡына күтәрәлер Зөһрә-ҡыҙ йәшәгән айҙарға! Мәсәғүт САЛАУАТ БАТЫР Сосланбәк Тавасиевҡа – яҡташтарым, ер-һыуым, заманым исеменән Сабып сығып сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын. Оран һалып илгә, һай, Салауат Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын. Арыҫлан ир, яугир, шағир ҡото Айбарланған батыр һынында. Дошмандарын айҡар йәшен ише Ай-ҡылысы ятыр ҡынында. Үрткә тотҡан ауылдарҙың ҡуҙы Дөрләп яныр бөркөт күҙендә. Йолҡоп алған тотҡондарҙың теле Ажар сәсер сәсән һүҙендә!.. Ҡоштар осоп етмәҫ утрауҙарға — Ҡайҙа ғына батша һөрмәһен, Утлы тамға өтөр киң маңлайын, Тик бөгөлмәҫ бығау-төрмәһе... Илкәйенең хөр-көндәрен даулап, Ирек, ырыҫ, Хаҡлыҡ хаҡына, Сал быуаттар аша сапты, сапты, Сапты һаман ғәзиз халҡына. Йөҙөп сыҡты етмеш даръяларҙы, Ярып сыҡты етмеш тауҙарҙы, Ҡуй һарыҡтай турай-турай сапты Ҡаршы сыҡҡан етмеш яуҙарҙы. Ят тупраҡта ятып ҡалғанда ла Аҫыл һөйәк, изге исеме, Үҙенән дә ғәййәр яугирҙарҙың Тел осонда булды исеме. Ҡаһым түрә утлы Париждарға Алғасҡыла бәреп кергәндә, Салауаттың һынын олатайҙар Еңеү тауы итеп күргәндәр. Питер эшселәре башҡортома Әләм тотторғас та ҡыҙылдан, Ҡылысындай сыңлап Салауаттың, Пулковтарҙа ҡалды беҙҙең дан. Ул Шаһиттай шыуҙы, ҡаны һарҡып, Кронштадттың боҙо өҫтөнән, Башлап таҡты «Ҡыҙыл Байраҡ»ты ла Күкрәгенә ғорур төҫ менән. Ҡайҙа ғына ул ҡурайын һыҙмаҫ, Ат һуғармаҫ ҡайһы йылғанан, — Ватан ҡушҡас, утлы өйөрмәһен Ул Эльбаға илтте Волганан!.. Батыр данын йылдар юя алмай, Ел-дауылға ул бит ҡарамай: Әле булһа һаҡлай фармандарын Ҡыуышында солоҡ-ҡарағай. Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, Сүкмәгәндәй ергә Уралтау, Салауаттың йыры тынмаҫ илдә, Еңә алмай рухын ҡорал-дау. Хас дошмандар әле сиктәр аша Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ. Батшаларға башын эймәгәнде Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ, — Пугачевы менән Салауатым, Сапсындырып суйын саптарын, Сәсән теле менән сәмләндереп, Мәңгелеккә әйҙәр сафтарын!.. * * * Эйе, һөйҙөм мин нығыраҡ Кешелекте кешенән. Күрҙем бөтөндө ҙурыраҡ Бер кескәй өлөшөнән. Шулай итте кешеләр ҙә — Мине урап үттеләр: Эшем емеш төшө итеп, Мине ҡабыҡ иттеләр. Бәлки, яңылыш булғандыр? Эште эшләй кешеләр. Кешелектең ҡеүәте тик Йәшәй бары кешелә. * * * Кешелектең бар илаһи моңо, Аһ-зарҙары, табыш-хатаһы, Мәңгелек был сикһеҙ күк аҫтында Күпме заман күмелеп ятаһың? Икһеҙ-сикһеҙ сағыу был йондоҙҙар Икһеҙ-сикһеҙ тыуған кешенең Һүнгән йәндәренең ҡәберенә Теҙеп сыҡҡан (хоҙай) эшеме? Күпме көрәш үткән был кешелек Килеп етер өсөн был көнгә... * * * Халҡым теле – халҡым күңеле. Ҡалырһыңхмы ерҙә күмелеп? Нисә быуат йыйған байлыҡҡа, Кем, ҡул һалып, әле байыҡҡан? ЯҢЫ ДОНЪЯ Ҡыҙым тыуҙы. Ҡыҙым менән бергә Тыуҙы ҡыҙыҡ яңы бер донъя. (Ул ҡыҙҙарҙы минән тартып алып) Тик үҙенә мине арбаны. Яңы донъя тыуҙы. Баштан-аяҡ Алыштырып ҡуйҙы ул донъя. Ул яратып мине, үҙен яраттырҙы, Биләп алды бөтә барлыҡты. Күрәһең, тик миңә кәрәк булған, Сәскә кеүек сабый һөйөүе... Керһеҙ, тоғро сабый һөйөүе... * * * Көслөк менән тел булмаҫ, Үслек менән ил булмаҫ, Көс үҙенә көс табыр, Үс үҙенә үс табыр. Ҡыҙыл ҡандар түгелгән, Күп ҡорбандар бирелгән Ошо ғәзиз тел өсөн — Бар донъяны айҡап сыҡ, Күҙең менән байҡап сыҡ, Юҡһылын да табырһың, Бай һыйын да табырһың, Дуҫыңды ла табырһың, Дошманға ла тарырһың... Иөрөй-йөрөй арырһың, Илең һағынып янырһың... ҠУШҠАЙЫН I Яланғас яҙ ине ерҙә, Һайрамай ҙа ине һандуғас, Тик күңелдә мең һандуғас ине, Ҡосағымда һинең һын булғас. Сал сәстәрем буранында ҡалып, Аҙашҡанда һәр бер бармағың. Был донъяның сымылдығы булып, Таң шаршауы япты бар яғың... Мин ул таңдың иҫтәлеге итеп, Һайлағайным юлда ҡушҡайын. Был – һинеке, был – минеке, тиеп Һәр береһенә исем ҡушҡайным. — Күҙҙәреңә, – тинем, – баҡҡан саҡта Керпек үртәп яныр күҙ алмам. Һиңә бәхет илтә алмаһам да, Тик бәғерһеҙ һиңә була алмам. II Йән өшөткөс хәбәр килде бөгөн: Ул ҡайындар хәҙер юҡ инде. — Шул тәңгәлдән үтеп киткән саҡта Йомоп үтәм, – тиһең, – күҙемде. — Япраҡ ярып бөткәс кенә, – тиһең, Ҡырҡҡандар бит һинең ҡайынды. Ә минеке, – тиһең, – ҡороп ҡалған. Күтәрмәйсә ошо ҡайғымды. Ни тиһәң дә, ҡайын ҡайғылы шул, Тик аҡ ҡына уның ҡайғыһы. Ҡайын башынан да йөрөй икән, Ул ағыр ҙа китер ҡайғы – һыу. Береһен ҡырҡҡан саҡта икенсеһе Ҡорой торған ҡайын булыуы. Ҡайғыларға ғәмһеҙ был донъяла Бик насар ҙа түгел, һылыуым! Инселәйек инде башҡа ағас: Миңә – имән, һиңә – муйылды. Япраҡтарын имән һуң ярһа ла, Һуңғы йәме була ул йылдың. Муйыл сыҙам, муйыл сабыр була, Күпме өҙһәләр ҙә муйылды. Өҙгән һайын, яҙын, үс иткәндәй, Сәскә ата күкрәп һәр йылды. Үҙ ҡайғыңдай күреп күңелеңә Ҡабул итһәң минең ҡайғымды. Ышанма һин төрлө юрауҙарға, Йыр итербеҙ ул пар ҡайынды. Төрлө ырым, төрлө юрауҙарға Ышанһа ла, хатта, күңелең, Ул ҡушҡайын бер йыр булып ҡалыр, Тик үткән юл ҡалмаҫ күмелеп. Юҡҡа өҙгәләмә үҙ-үҙеңде, Ышан бары минең юрауға: Ғүмер барҙа юлым һиңә илтер, Ҡайғырмайыҡ урау юлдарға. * * * Ҡындан һурҙы берәү ҡылысын, Хәтерләтеп Дамаск ҡоросон. Үтәмәне ләкин бурысын — Тик ҡатырға булған ҡылысы!.. ҠАРҒАЛАР ҠАЙТЫУЫ Яҙ көтөүҙән әллә иләҫләнеп, Белгән һымаҡ сәнғәт рәтен, Алып ҡайтып элдем бүлмәмә мин Бала саҡтың таныш һүрәтен. Һәм һүрәттән ҡапыл яҙ бөркөлдө, Һөрән һалды ҡара ҡарғалар, Яҙ еҫтәре, гүйә, бәреп инде, Боҙ аҡтарып, аҡты йылғалар. Мәғәнә бар ҡарға йырында ла, Һөрән һалған саҡта «ҡар ҙа ҡар!» Алда әле, тиҙәр, һандуғаслы, Ҡыуаныслы күпме яҙҙар бар!.. * * * Көтмәгәндә ҡапыл күҙ алдындан Сыңлап уҙа бөтә тормошоң. Үкенестән торһа һәр сылбыры, Үтенестән тора тотошо. Хайран-вайран ҡалып бөгөнгөңә, Үткәнеңдән яуап эҙләйһең. Юҡ шул яуап! Хата – хата көйө, Барыр юлды бары күҙләйһең. Күп ҡалғанмы ул юл? Нисә йыл ул? Бармы өмөт, бармы бер маяҡ? Сеү, берәү бит шунда йылмайғандай, Яҡтырғандай була тирә-яҡ... * * * Булыр бала бишектән, Илгә сығыр ишектән. Булырҙайға бер әйт тә, Булмаҫтайға мең әйтмә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы — Таш сүлмәкте киңәйтмә. Киңәйтергә кирге юҡ, Арғы яҡта бирге юҡ — Табалмабыҙ барһаҡ та. Тигеҙ түгел бармаҡ та... * * * Һинең менән һин дә мин булып, Халҡым үҙе уға ҡул ҡуйған. Һәм донъяла тәүгеләрҙән булып Үҙ бәҫен һәм илен ул тойған. Һинең менән кәңәш итешмәгән, Һөйләшмәгән көнөм юҡ, хатта. Бар уйҙарым, өмөт-хыялдарым Көнө-төнө минең шул хаҡта. Ал йөрәктән тутыҡ хәнйәрҙе! * * * Бер тыуа ла тик бер үлә кеше. Үлән кеүек тыумай яңынан. Мәңгелектә ғүмер ниндәй ҡыҫҡа! Был хаҡһыҙлыҡ һыймай аңыма. Бер ҡасан да мин бит булмағанмын Был донъяға тыуған ҡәҙәре. Бер ҡасан да башҡа мин булмамын, Ҡосағына алғас ҡәберем. Үлән генә мәңге үҫер унда, Мәңге йәйер унда тамырын. Ә мин уға, һөлдәләрем сереп, Тик ашлама булып ҡалырым. «ҠАПҠАЛАР» Ҡапҡа асыусы малай табылды! Асылды ла ҡапҡа ябылды... Һинән тағы нимә көтөргә? Танауҙы бит ваҡыт һөртөргә! Хәҙергә ул ғәфү итерҙәр, Кәләш алыр саҡтар етерҙәр, Шул саҡта бит һинән көтөрҙәр — Яңы һүҙҙәр, яңы фекерҙәр... Күп тапанма ҡапҡа төбөндә, Беләһеңдер, малай, үҙең дә: һинһеҙ ҙә ул ҡапҡа шығырлар, Асыр кәрәк инде шиғырҙар... * * * Мин яратҡан йырҙы иҫеректәр Боҙоп китһә үкереп урамда, Минең өсөн ул йыр үлеп ҡала, Үлеп ҡала туңып буранда. Яҙмаһамсы Иҫеректәр боҙор, Иҫеректәр иңрәр йырымды! Йырлай алмай улар ысын йырҙы — Тик йырсылар ғына һуҙырҙы. * * * Ҡуңыр буға һымаҡ, аяғыма Уйһыу ерҙең заты теймәне. Ятһа – ятты тауҙар алдарымда, Тик уларҙы үҙем өймәнем. Тик барыбер үҙем ярып сыҡтым, Һөрәнләмәй, өнһөҙ-тауышһыҙ. Һөйгән егеткәйең ысын булһа, Фатиха шул минән: ҡауыш, ҡыҙ! Йәлләмә һин меҫкен ваҡ-төйәкте, Алдарыңдан ғорур уҙалмаҫ, Аҙашҡанда яҙмыш буранында Һыңар бармағын да һуҙалмаҫ. БАТЫРША (Шлиссельбург тотҡоно) Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың, Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта Яуҙа үлгән батыр ҡандары... Батҡан айҙай булып, ай, төн ярып, Батыршаның һүнгән төнө ине... Ыласындай йылғыр ил батыры Салауаттың тыуған көнө ине... (Башҡорт халыҡ йырҙарынан) Мин – тотҡон Батырша, Башҡорттоң батыры, Ултырам зинданда, Башымды ҡатырып... Ҡулымда – бығауҙар, Аяҡта – бығауҙар, Үрмәкес һырыған Ау һымаҡ был ауҙар. Нәҡ себен ише мин Сырмалдым ауында, Ә бөркөт инем бит Илемдең яуында!.. Яҙғандыр, күрәһең, Зинданда ҡатырға, — Юҡ өмөт, юҡ сара, Юл ябыҡ ҡайтырға. Ҡәберем – утрау, Кәфенем – таш зиндан, Йыназа уҡый тик Ыҙғыр ел – шималдан1. 1 Шимал – төньяҡ. Нишләмәк, ни ҡылмаҡ Был аҡтыҡ юлымда! Хәл бөтә көндән-көн, Көс китә ҡулымдан. Ни ҡалыр, мин үлгәс, Был меҫкен тәнемдән — Илемде, ғилемде Айырғас йәнемдән? Йондоҙло булғандар Олуғбәк ғалимдар — Уратып уҙғандар Уларҙы залимдар... Сеү, ни был – тәндәктә? Әллә был – буш хыял?!. Хәс мәсет башында Көмөштәй йәш һилал!2 Эй һилал, һин күктә Битараф торғансы, Алышып үлергә Айбалта булһаңсы! Эй һилал, һин бушҡа Эленеп торғансы, Ҡулымда ҡон алыр Бер ҡылыс булһаңсы! Аһ, болот ҡанаты, Киҫмәсе һин айҙы, Ҡалдырсы пак көйө Бүләген хоҙайҙың! Аһ, киҫте, киҫте бит — Эш китер кирегә: Инанған айым да Әйләнде тәрегә!.. Эй хоҙай, юҡтыр һин, Юҡтыр ҙа донъяла. * Һилал – яңы тыуған ай. Булһаң, ник белмәйһең Был хәлдән ояла?.. Юҡ ҡулда айбалтам, Һынды ай-ҡылысым. Ни ҡылһын, талпынып, Ситлектә ыласын?.. Ә ҡаурый ҡәләмем — Туҡтасы, туҡтағыҙ! — Булмаҫмы бер ҡылыс, Булғанда аҡ ҡағыҙ?.. Бар аһын, бар зарын Таланған илеңдең Батшаға яҙырға Етмәҫме ғилемең? Бит ҡәләм ҡеүәһе Ҡеүәтле, Батырша – Һүҙеңә илтифат Итмәҫме аҡ батша? Был донъя йөҙөндә Киң хоҙай ҡөҙрәте: Ярлыҡар, бәлки, тим, Аҡ батша хәҙрәте. Үҙемде булмаһа, Һүҙемде ярлыҡар. Аҡ ҡағыҙ битенә Түгелһен барлыҡ зар!.. Ғәҙеллек хаҡында Уйлаған уйҙарым Бер ҡайтып күрмәҫме Уралым буйҙарын? Бер заман, бәлки, бер Уҡырҙар хатымды. Нәжескә ташлауҙан Тут алмаҫ алтынды. Мәңгелек бер ни юҡ, Бөтәһе тик фани. Бер хаким мәңге бит Тотмаған донъяны. Донъяға Искәндәр, Батый ҙа Тимерҙәр Килгәндәр – киткәндәр, Килерҙәр, китерҙәр... Тонйорап ай батһа, Ергә көн тыумаҫмы? Ҡара төн зәхмәтен Таң нуры ҡыумаҫмы? Ни булһа, шул булыр, Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Тик ятып ҡалғансы, Атып ҡал, юнып уҡ. Ир китһә, ил ҡалыр, һынмаһа (ы) рухы... Ҡайтыр бер илемә Иреге, ырыҫы!.. Эй, кем бар, кем унда? Хат көтһөн батшабыҙ. Бирегеҙ хаҡ ҡәләм, Бирегеҙ аҡ ҡағыҙ!.. Шлиссельбург – Өфө * * * Уян, һөйөү! Һинең хәнйәр өсөн Кәмме әллә аслыҡ, һыуһауҙан? Нисек кенә мул булмаһын һыйың, Бер ашауҙан мәңге туҡ итмәҫ. Һөйөү ҙә бит шулай: ас күҙҙәре Арығанса туйһа алҡымдан, Ә иртәгә тағы һин янаһың Яныр өсөн тыуған ялҡында. Ҡәҙерлерәк булһын өсөн һөйөү, Диңгеҙ булһын уның юлдары. Икегеҙ ҙә ике ярға сығып, Бер-береңә һуҙһын ҡулдарын. Ҡоштар туңып төшөр көндө Ҡыштай булһын әйҙә был сәғәт. Килер яҙҙар нығыраҡ өтһөн өсөн Эҫе булыуға бит был сәбәп... * * * Дошманыңдың яҡшылығы — Тоғро дошманлыҡ. Ә дуҫыңдың хыянаты — Мәңге хыянат... 1973 УЛЫМА Ата аҡылын тотмаған, Инә аҡылы йоҡмаған, Ил ағаһын күрмәгән, Ил инәһен белмәгән, Илдең ғәмен ғәм күрмәй, Илдең йәмен йәм күрмәй, Беләгендә ғәр булмай, Аҙғын булып йөрөр ул, Ҡоҙғон булып үлер ул!.. Ҡоҙғон һымаҡ ҡорҡолдап, Сусҡа һымаҡ мырҡылдап, Үҙ яҙғанын күрер ул, Күҙ яҙғанын тирер ул... * * * Ирлек булһын шағирлыҡта. Шағирлыҡта ирлек булмаһа, Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, Дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа? САПТАР Муйынында ята ай хәнйәре Ялбыр яллы болот атының. Шуға, ахыры, киске шәфәҡ ҡаны Күк йөҙөнә сыҡҡан атылып. Ел, саптарым, Елдәй ел тиҙерәк, Ел тиҙерәк, ҡайтып етәйек: Күк йөҙөндә ҡанһыраған атты Күрмәй генә үтеп китәйек... Бәйге алдың бөгөн һабантуйҙа, Ә иртәгә яуға китәһең. Ир башҡайы менән ат башҡайы Ниҙәр күрмәй — ни хәл итәһең... Атай өсөн ул саҡ ҡайғырманым, Атым өсөн бары ҡайғырҙым. Һаман иҫтә ҡосоп илағаным Муйынынан саптар айғырҙың. ...Һабан туйы ине ул көн беҙҙә: Бөтә халыҡ – һабан туйында. Шул көн илгә афәт киләсәге Юҡ ине бит бер кем уйында! Ай хәнйәре, гүйә, муйынында — Менеп ҡайттым шул саҡ саптарҙы. Саптар яуға китә, тигән хәбәр Йөрәгемде минең аҡтарҙы. Күк йөҙөндә ҡанһыраған аттан Мәңге ҡайтмаҫ бала сағымды. Күҙҙәремә уттар сағылды. Саптар менән бергә оҙаттым мин Мәңге ҡайтмаҫ бала сағымды. * * * З. Б.-ға Ил инәһе була тороп, Ялған тулы китапты, Ниндәй генә уйҙар ҡороп, Ҡайҙан ғына һин таптың? Һәр юлында ул китаптың, Ил ҡаны бит уҡмашҡан!.. Шул уҡмашҡан ҡара... Тиңләнеңме ҡояшҡа? Ниңә икән ул китапҡа Әйҙең ғорур башыңды? Шул китапта кем һуң һатҡан Изге ҡәбер ташыңды?.. * * * Башҡа өсөн хаж ҡылған Бәҙәлсе лә түгел мин. Ят илдәрҙә таж алған Бер мәмлүк тә түгел мин. Башҡа телде белер өсөн Үҙ телен дә онотҡан, Башҡа илде күрер өсөн Үҙ илендә ут тотҡан Бер мәхлүк тә түгел мин. Йәншишмәне йәшереп, Быуып ятҡан мин түгел. Үҙ тигәнсә эш күреп Быуын ҡатҡан мин түгел. * * * Һин бит, улым, мине йөрөтәһең, Йөрөтәһең мине үҙеңдә. Минең төҫөм, минең күҙ ҡарашым, Мин ҡабыҙған нур бит күҙеңдә. Ниңә бушҡа мине йәберләнең? Бер аңларһың һин ул хатаңды. Һин дә бер көн, атай булғас ҡына, Бер аңларһың йәнен атаңдың!.. Атайымдан мин ун йәшкә оло... Әле һаман атай ул!.. Ә һин минең бары улым ғына... Үҙ улыңа һин дә атай бул... * * * Туған тауҙар! Туған ҡаяларым! Туған һыуҙар, туған күлдәрем, Һеҙ бит үҙ күҙегеҙ менән күреп Белгәнһегеҙ батыр ирҙәрҙе. Йүрүҙәнкәй, һинең тулҡыныңа Салауаттың төшкән шәүләһе. Әйтсе миңә, нисек ине күҙе, Буйы-һыны, кәүҙәһе? Ҡарт имәндәр! Ҡартлас ҡарағайҙар, Ишетһәгеҙ уның тауышын, Әйтегеҙсе, нисек йырланы ул, Гөлбәзире менән ҡауышып? Әй, һин, бөркөт, ғорур ҡош батшаһы, Һиңә ҡарап шиғыр әйткәндә, Күргәнһең бит Салауаттың күҙен, Ниндәй осҡон ине күҙендә? Әйт, Ҡорғаҙаҡ, уҡ-һаҙағын һалып, Һиңә ятып һыуҙар эскәндә, Ни тине ул, ирендәрен һыпырып, Тәмең уның ҡанына күскәндә? Юҡ, һеҙ әйтмәйһегеҙ!.. Һеҙ мәңгегә телһеҙ... Тәбиғәттә бер ни ҡалмай эҙһеҙ: Ҡаяларға елдәр эҙ һала, Ташҡа һыу эҙ һала. Атҡан уҡтар ҡала... Тик кешенең төҫөн-һынын, Тик кешенең тауышын Һаҡлай алмай тәбиғәт... * * * (Зиндан түрә һе менән һөйләшеү) Ә ҡауырый ҡәләмем, Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, Бер ҡылыс булмаҫмы, Булғанда аҡ ҡағыҙ!.. Бар зарын, бар аһын Башҡортом иленең Батшаға яҙырға Етмәҫме ғилемем? Уҡыған китаптар, Уйлаған уйҙарым Бер ҡайтып күрмәҫме Уралым буйҙарын? Ҡәләмең ҡөҙрәте Етмәҫме, Батырша? Һүҙеңә илтифат Итмәҫме аҡ батша? Был донъя йөҙөндә — Киң, хоҙай, ҡөҙрәтең, Ярлыҡар, бәлки, бер Аҡ батша хәҙрәтең. Әй кем бар, кем унда? Бирегеҙ аҡ ҡағыҙ, Бирегеҙ ҡәләм дә — Хат уҡыр батшағыҙ!.. * * * (Монолог) Туйҙым да мин ялған, яуыздарҙан Бар донъяһын тиңләп өрәккә, Бер көлдөм дә ер тетрәтеп, Хәнйәр тыҡтым йөрәккә. Әйтерһең дә, мин үҙемә түгел, Ә донъяға һалдым ҡулымды. Әйтерһең дә, бар ялғанды быуып, Дөрөҫлөккә һалдым юлымды. Әйтерһең дә, еңдем яуызлыҡты, Ҡомһоҙлоҡтоң ҡарун ҡолдарын, Азат иттем ерҙе һәләкәттән Хәнйәр тотҡан саҡта ҡулдарым. Миңә рәхәт ине бөйөк шатлыҡ, Йөрәгемдә хистәр байрамы! Әйтерһең дә, ҡулда хәнйәр түгел, Дөрөҫлөктөң утлы байрағы. Әйтерһең дә, еңдем кешелектең Иң әшәке яуыз дошманын. Һәм үтәнем намыҫ ҡушҡанын. Ҡараңғы төн булған тормошом Яҡты йондоҙ булып балҡыны. * * * Уралып ятҡан Урал буйҙарынан Урап ҡайта алғыр уйҙарым. Армыт-армыт тауҙар итәгендә Күҙ алдымда һабан туйҙары. Һыны һылыу, һомғол, тороҡ, Һыу һөлөгө кеүек тайҙары. Күҙ күреме етмәҫ далаһына Ҡарап торам күҙем талғансы. Усым менән һирпеп һыуын эсәм һыуһындарым минең ҡанғансы. Сылтыр-сылтыр серен сисә миңә Телгә килеп йәнле шишмәһе. Йән-тәнемде биреп тыңлағанда Ғәмем бөтә, күңел нишләһен? Күңелемде арбап сәскәләре Күҙҙең яуын алып бағалар: Әйтерһең дә, әйлән-бәйлән уйнай Күҙ алдымда бала-сағалар. Көтөү-көтөү йөрөгән болоттарын Ҡарап ятыу үҙе йәннәттер. Аҫтарыңа йәйгән күк үләне Донъялағы иң бай зиннәттер. Йоп ҡалдырып беҙҙең икебеҙҙе, Йәнебеҙҙе ул бит бер иткән. Ил инәһе булып тыуған еркәй Һине – әсә, мине ир иткән. 1974 МӘҢГЕЛЕК МОҢ Эҙләнергә кәрәк ғүмер буйы, Табырға ла – эҙләп бер киткәс, Мәңгелек моң тап һин туй уйыңда, Ығы-зығыларҙан ваз кискәс. Ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде, Бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң... Бәхетһеҙҙәр күпме был донъяла — Аҙым һайын улар, йөҙләгән. Үлем менән йәшәү сигендә лә Мәңгелек моң торһон саҡырып. Тама-тама тамсы ташты тишер — Моң шишмәһе йырлар аҡ йырын. * * * Ҡоштарҙа – ҡул, беҙҙә ҡанат Ниңә булмаған икән?.. Мөмкинлегем булһа, бөгөндән Сығып китер инем өңөмдән Ер табанлап илдәр гиҙергә, Илдәр буйлап маяҡ теҙергә — Тик туҡталып ҡалам хәҙергә!.. Күрер инем төрлө илдәрҙе, Илдәрендә үҫкән гөлдәрҙе, Гөл иркәләп иҫкән елдәрҙе, Гөл үҫтергән йылға, күлдәрҙе, Тик күрмәйем мин ул көндәрҙе! Ишетер инем төрлө телдәрҙе, Телдәрендә тыуған һүҙҙәрҙе, Һүҙҙәрендә тыуған өндәрҙе, Ауаздарын сихри төндәрҙең... Тик ҡосаҡлап ятам мендәрҙе. Йөрөп сығыр инем тауҙарын, Йөҙөп сығыр инем һыуҙарын, Күрер инем әләм-тыуҙарын, Ғәҙәттәрен, йола, туйҙарын. Белер инем ғәзиз уйҙарын, Тик һаман да ҡулым бығаулы, Аяҡтарым һаман тышаулы. Сығып китер инем сәфәргә Түл йыйырға яҙыр әҫәргә, Юҡ, бер дәрүиш булып түгел, Бер уҡыусы булып йөрөргә, Бөтәһен дә үҙем белергә, Үҙ күҙҙәрем менән күрергә, Ҡолаҡҡа алҡа итеп элергә, Матур бер йәр итеп һөйөргә, Һаҡлар өсөн уны ғүмергә, Рәхмәт әйтер өсөн һәр ергә, Йырҙарыма моңон теҙергә, Теҙеп, йөрәктәрҙе өҙөргә... * * * Һөйөү үтте. Дуҫтар китте. Ҡалды һағыш һәм яра. Тормош шулай яҙмыш менән Аяу белмәй шаяра. Ҡайтарырға, яңыртырға — Нимәгә һуң был уйын? Килгән һәр ни китә тағы, Үткәргәс тә үҙ туйын... Ярай әле шиғриәт бар — Тик ул ғына тоғ(о)ро. Ә ҡалғаны – алдай, урлай — Барыһы ялған, уғ(ы)ры!.. СТӘРЛЕТАМАҠ Башҡорт моңо менән уйылып аҡҡан Бөтә йәмде йыйған Ашҡаҙар. Әлмисаҡтан көмөш нурҙар атҡан Сихри ҡосаҡтарың тарталар. Дауыт Юлтый Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә: Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар. Унда һине дуҫтар көтөп торор, Елгә осор бөтә моң-зарҙар. Торатауҡай менән Йөрәктауҡай Ҡыҙ түшкәйе кеүек ҡалҡынып, Ҡосағына алһа, һыпырып ташлар Ҡыҙған башҡайыңдың ялҡынын. Ялҡын яулыҡ болғап, һөйгән йәрҙәй, Ҡаршы алыр һине Стәрле. Ул, атайың һымаҡ, бик ябай ҙа, Ул, әсәйең төҫлө, хәстәрле. Аяҡ-торбаларын ҡырҡҡа бөкләп, Төрөпкәнән төтөн бөркөтөп, Ултырыр ул соғол олатайҙай — Башҡорт илкәйенең бер ҡото. Саң-төтөн дә әле етер бында, Такси ҡатыш, күрсе, арбаны. Тик үткәнең менән түгел мине, Һин йәшлегең менән арбаның. Йәшлек, йәшлек! Ниндәй генә эштә, Ниндәй генә төҫтә күрмәнем — Йәшен йәшнәп, күктәр күкрәгәндәй, Дәртле һинең, күркәм бер мәлең; Ҡулдарында осҡон уйнатҡан ҡыҙ — Үлмәҫбикәң ниндәй дан алған. Тимерҙе лә ҡамыр һымаҡ иҙеп, Замандарҙы ялғай заманға. Ә йорттарҙа, күрсе, һүрәттәрҙең Күҙ иркәләр йәйғор нағышын. Йәш килендәр, гүйә, сүпләп һуҡҡан Йәшлек наҙын, йәшлек һағышын. Сымдар буйлап елгән вагонға баҡ — Әйтерһең дә, һомғол таң ҡыҙы, Сайпылтмайса, шулай алдыр менән Туй-табынға ташый ҡымыҙын. Стәрлекәй ҡойоп Ашҡаҙарға, Ҡойған һымаҡ уныһы Иҙелгә, Һөйөү, бәхет һәм ышаныс бында Бергә ҡойолғандай һиҙелә. Шуға ла мин шатлығымдан шашып Йыр йырлайым һәр бер ҡайынға. Сөнки шул ҡайындар араһында Йәшлек эҙкәйҙәрем ҡайылған. Йәшлек, тип, бер ҡайынды ҡосһам, Кем һуң инде башҡа таш ҡаҙар? Йәнкәй-йәнеш булып батҡан ерҙән Мин яңынан ҡалҡам, Ашҡаҙар!.. ЙОНДОҘ ҠАШҠА Яу әкиәте (Ҡарт һалдат Решетов һөйләүе буйынса) Ерән ҡашҡа атҡайым да, Башын сайҡай малҡайым, Алдарында һолоһо бөтһә, Һыҙыла йөрәк майҡайым... («Ерән ҡашҡа» йырынан) Яу юлдарын, һалҡындарын Онотмайым һаман да. Бер саҡ, шулай, ерән бейә Ҡолонланы яланда. Ә яланда сасҡау һыуыҡ — Үҙәккә үтеп бара. Тик тимерсе Шаһбалыбыҙ Ҡолон һаҡлап ултыра. «Ҡана, сытыр ташлағыҙ, – ти, — Өшөтмәйек ҡолондо. Иҫән ҡалһа, ул да, бәлки, Ҡыҙырыр бер болондо. Дағалатып тояҡҡайын Менеп сабырҙар әле. Беҙ кендекәй булған сағын Иҫкә алырҙар әле. Мал булмаҫ! – ти үҙе тағы, Ысынмы, әллә юрый? — Уң яҡҡайын ялҡын өтһә, Һул яғын бит бәҫ һырый...» Шаһбал шунда өс урында Ут үрләтеп ебәрҙе. Йылынды, китте ҡолонҡай, Үрле-ҡырлы һикерҙе. Инәһе ҡушҡас, үҙен Был имә лә башланы. Комбат ҡына беҙҙең эшкә Ҡырын ҡараш ташланы. Аҡ тун кейеп килеп сыҡҡас, Аҡ ҡарағай аҫтынан: — Йылҡы үрсетергә, – тине, — Заман башҡа саҡ ҡына... Яңы яуҙар, ҡарлы тауҙар Көтһә лә беҙҙе алда, Әйтеп ҡуйҙы комбат аҙаҡ, Күҙен алмай ҡолондан: — Эй, сабыйҡай, һин дә йәл шул, Ни ғәйебе бар малдың. Әйҙә, тылға илтеп ҡуйһын, Күңеле булһын Шаһбалдың. Хәҙер машина китәсәк Аҙыҡ өсөн колхозға.... Бына шулай ҡолонобоҙ Ҡуҙғалды алыҫ юлға. Яҡшыға юрап яҙмышын, Юрап көндөң башҡаһын, Оҙаттыҡ беҙ йылыҡайға Ерәнсәйҙең ҡашҡаһын. Бесән түшәп, биләп-сырмап, Шаһбал оҙата барҙы. Бер ауылда илтеп ҡушҡан Янына ҡолондарҙың. Өйөргә ҡушҡас та, ҡолон Һөт имгән имеҙлектән. Шаһбал быны йыш һөйләне Онотһаҡ та беҙ күптән. Теленән һис төшөрмәне Нисек йондоҙ ҡашҡаны Ышаныслы ҡулға биреп, Үҫтерергә ҡушҡанын. Юлын да гел, онотмам, тип, Һүҙҙе шуға ҡайырҙы: «Һуғыш бөткәс, үҙем барып Дағалармын айғырҙы...» Шаһбал әйтһә, һүҙ – атҡан уҡ, Улмы һуң бушҡа тоҫҡай?.. Тик һуғыш – һуғыш инде шул — Ашыҡты беҙҙең дуҫҡай. Һиҙмәй ҡалды ут аҫтында Ҡаны ҡарҙы өткәнен — Йәшәү өсөн йәнен биреп, Был донъянан киткәнен. ...Бына алыҫ Карпат ере, Бына уның ҡәбере, Күпме ҡәбер һөйләй беҙгә Был тормоштоң ҡәҙерен!.. Тормош шаулай ҡарағайҙың Яҙғы һағыштарында, Балта сыңы, тәгәрмәс һәм Даға тауыштарында... ҠАЛА-ТАУҘАР Археолог дуҫҡа Ҡала-тауҙар, ҡәлғә тауҙар булып, Һаман ҡалған халҡым телендә. Һундар, Сыңғыҙхандар, Батыйхандар Күпме ҡан ағыҙған илемдә! Тағы килгән яу өҫтөнә яуҙар — Уралынан башҡорт китмәгән, Илен түгел, хатта телен ташлап, Европаға табан үтмәгән... Ҡала-тауҙар ергә тигеҙләнгән, Теҙләнмәгән бары башҡортом. йәйләүҙәрҙән, тирмәләрҙән ҡайтып, Тағы ҡорған ҡәлғә – таш йортон... Бәркехандың таш ҡәбере ята Әле булһа Әүеш тауында. Ул, Урҙаның һуңғы ханы булып, Ҡәбер тапҡан үҙенең яуында... Археолог дуҫым – ҡәберлектә, Бына йәнә ергә иңкәйҙе: Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп, Эҙләйҙер ул тыуған илкәйҙе. УТ ИЛАУЫ Әхиәр Хакимовҡа Ут та илай. Уттың күҙ йәштәре Ергә таммай, Оса күктәргә. Тик ел әҙер тора Күҙ йәштәрен Төн һөлгөһө менән һөртөргә. Ир ҙә илай. Күҙ йәштәре ирҙең Елгә осмай, Һеңә еренә. Тик күрһәтмәй ирҙәр Күҙ йәштәрен, Илгә түгел, хатта йәренә... * * * — Тормошоңда иң татлыһы Нимә һуң? – тиһәң әгәр, — Татлы нәмә юҡ донъяла Йән һөйгән хеҙмәт ҡәҙәр. Унан башҡа йәшәп булмай, Һалҡын бушлыҡ – йөрәгең. Үҙеңде һин ярҙа ятҡан Балыҡ кеүек күрәһең. Йөрәгемдең бөтә көсө Халҡыма булһын ине. Шунда ғына йәшәүемден Бөтә мәғәнәһе минен. 1975 * * * Ләйләһен һис күрмәйенсә, Ләйләһеҙ Интегә бер Мәжнүн – меҫкен, Хәйләһеҙ. Рәхәтләнеп бер күрергә Ләйләһен, Аҡыл бирсе, әйтсе, Ләйлә, Хәйләһен. Ғашиҡ булып йөрөмәһен Ләйләгә, Аҡыл – алтын, өйрәт алтын Хәйләгә!.. * * * Болоттар болара, — Бер үк шул болоттар. Йәшене ялтырай — Бер үк шул был уттар. Урмандар шаулайҙар, Йылғалар ағалар. Ерҙәге бар халыҡ Тик теләй бер хаҡлыҡ. Башҡалар кеүек беҙ Был яҡты донъяла. Ҡырҡты артылдыҡ — Ә һаман беҙ бала!.. Айға ла кешеләр Менерҙәр, төшөрҙәр. Мыж килер донъябыҙ, Тик беҙ генә булмабыҙ... * * * Был юлдарҙы инде күпме үттем, Һәр саҡ яңы миңә был яҡтар, Шундай яңы миңә аҡ ҡайындар, Үләндәге һәр бер ҡыяҡтар. Яңы миңә йәшел һөңгөләрен Күккә ҡаҙап торған шыршылар, Таштан ташҡа уйнап, һикереп төшөп, Гел яңыса шаулай шаршылар. Изге Будда храмдары һымаҡ Баҫҡан Әшә, Минйәр тауҙары. Шул тауҙарҙың күкрәктәрен ырып, Тарих яҙған һәр бер яуҙары. Яңы миңә тау артынан төшкән Көйәнтәле ҡорос бағана. Тимер сымдар көйәнтәләп, улар Ут ташыйҙар тыуған яғыма. Аҡ ҡайындың ап-аҡ һынын һыйпап, Шиғыр яҙғым килә туҙына. Шул сафлыҡтан яңы һүҙҙәр алып Әйткем килә һәр бер ҡыҙына. Бына Ярал. Тиҙҙән төшөп ҡалам, Һиҙмәй ҡалдым ҡайтып еткәнде. Бер шиғырҙы яҙып өлгөргәнсе, Хәтерләйһең бөтә үткәнде... * * * Ниндәй ваҡ беҙ, ҡот осҡос ваҡ, хәтәр бай һымаҡ, Йәшәй бирәбеҙ шул Болот асҡан, Болот баҫҡан ай һымаҡ. Ә айға һуң кем һуң нурын бирһен, Ер нурланһын өсөн яҡтыраҡ? Уйламайбыҙ, Һис тә ҡайғырмайбыҙ, Беребеҙҙән-беребеҙ ярлыраҡ. Ә халҡыбыҙ ниндәй оло йәнле — Бер йырҙары ғына ни тора! Көткән була, ғәзиз әсә һымаҡ, Һәр бер һүҙҙе, йәне ҡалтырап... Литературно-художественное издание РАМИ ЯГАФАРОВИЧ ГАРИПОВ СОЧИНЕНИЯ в 3 томах Том I Стихи, поэмы (на башкирском языке) Редакция мөдире Сабир Шәрипов Мөхәррире Зөһрә Алтынбаева