Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр (өс томда). 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. – 592 бит. Төҙөүсеһе Н. В. Ғарипова Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың сираттағы томында уның ижади ғүмере дауамында яҙылған көндәлектәре, мәҡәләләре, хаттары урын алды. ЙӨКМӘТКЕҺЕ Шишмә башына сәйәхәт /Әхиәр Хәкимов/ Көндәлектәр Студент көндәлектәре /1951 – 1955/ Хеҙмәт юлы башланғанда /1956 – 1958/ Йәнтөйәккә йән тартҡас /1959 – 1961/ Сарланғанда ҡәләм осҡайы /1962 – 1976/ Уйланыуҙар Музыкаль ижадтың яңы бейеклектәренә Юлдағылар Ваҡыт, йыр һәм ер Шиғриәт – йәшлек иле Шишмә башына сәйәхәт Булырҙың булмышынан тигәндәй, оло шәхестәрҙең бәлиғлығы бик иртә һыҙатланыусан. Баҡһаң, балалыҡ йылдарында уларҙың бәләкәс йөрәктәрен тетрәткән кисерештәре, хыял-фараздары, өмөт-юрауҙары – бөтөнөһө, мәле еткәс, дәррәү шытып сығып, мул үрсем бирер бәрәкәтле орлоҡҡа тиң икән. Шағир яҙмышы – бының иң ғибрәтле миҫалы. Һүҙ, әлбиттә, ысын шағирҙар тураһында. Юғиһә беҙҙә шиғыр яҙғылаған һәр кемгә ошо ҙур исемде бирергә ашығалар. Ысын шағир иһә тәбиғәттең серле йомғағы ул. Шул йомғаҡ эсендә, ер ҡуйынындағы затлы мәғдән кеүек, ижад аҫылташы үҫеп ята... Бына ҡулыңда халҡыбыҙҙың данлыҡлы шағиры Рәми Ғариповтың тағы бер китабы. Баҫманың тәүге ҙур өлөшөн уның Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡып йөрөгәндә яҙып барған көндәлектәре тәшкил итә, икенсе өлөшө – Өфөгә ҡайтҡас, эшкә тотонған тәүге йылдарына бәйле. Рәми үҫмерлектән, әҙәбиәткә ныҡлап ереккәнгә тиклем үк, шағир ине. Ул – тәбиғәт балаһы. Йәнтөйәге Йүрүҙән буйҙарының гүзәл манзаралары уның йөрәгенә шиғриәт сатҡыһы һалған булыр. Өфөлә 9-ынсы интернат-мәктәптә уҡығанда баяғы серле йомғаҡ тағы ла ҙурая, тығыҙлана төшә, үҙ эсенә яңы тәьҫораттарҙы, кисерештәрҙе йома, киң донъяға табан «тәгәрләй». Рәмиҙең Мәскәүгә уҡырға китеүе һис тә осраҡлы хәл түгел ине. Донъялағы берҙән-бер Әҙәбиәт институтына ул үҙенең киләсәген асыҡ итеп күҙаллауҙан, яҙмышының шиғриәттә икәнлегенә ышаныуҙан барып инә. Институтта Рәми Ғарипов иҫ киткес ҡатмарлы, көсөргәнешле рухи тормош менән йәшәй. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы лекциялар, семинарҙар, күренекле шағирҙарҙың, абруйлы профессорҙарҙың дәрестәре... Ул күп уҡый, белемен арттыра, донъяға ҡарашын сарлай, әҙәбиәттә үҙенә генә хас юлды һайлай. Бынан тыш көндәлек биттәренә Рәми үҙе яҙған йәки уға килгән хаттар, рецензияға тартым күҙәтеүҙәр, лекцияларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе, Мәскәү күренештәре, театр тәьҫораттары, һабаҡташтары менән әңгәмәләре һибелгән. Шиғырҙары араһында ҡойоп ҡуйғандай һәйбәттәре лә осраштыра, йомшаҡтары ла бар. Быларҙың барыһы ла – эҙләнеү-һуғылыуҙарҙың, ынтылышлы йәшәүҙең татлы ла, әскелтем дә емештәре. Көндәлек алып барған кеше уны, ғәҙәттә, бары тик үҙе өсөн генә яҙа. Рәми ҙә, моғайын, был дәфтәрҙең берәй ваҡыт матбуғатҡа сығаһын, хатта айырым том итеп баҫыласағын уйламағандыр. Шунлыҡтан уның яҙмаларында яһалмалыҡтың, үҙен булғандан яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ итеп күрһәтергә тырышыуҙың эҙе лә юҡ. Бөтөнөһө тәбиғи, һәр һүҙе, хатта бер ҡатлыраҡ фекерҙәре, хаталары ихлас. Был, ысынлап та, ун һигеҙ – егерме йәшлек кенә шағирҙың күңел көҙгөһө. Беҙгә шуныһы ҡиммәт тә. Йәшлектә кеше тура һүҙле, ҡырҡараҡ фекерле булыусан. Ул тотҡан ерҙән һындырырға ярата, күңеле тартмаған нәмәләрҙе ҡаты хөкөм итә. Рәми ҙә шулай: йә танылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тәнҡитләп ташлай, йә һабаҡташтары менән бәхәсләшеп китә. Мәскәү көндәлегендә лә, Өфө яҙмаларында ла (бигерәк тә халыҡ ижады тураһындағы ентекле тикшереүҙәрендә, ҡайһы бер өлкән ҡәләмдәштәренә биргән нарыҡтарында), йәне көйөүҙән тыйыла алмайынса, шағир эсе-эсе һүҙҙәр ысҡындыра, нәфрәтләнә, рәнйей. Мәгәр, төптән уйлағанда, йыш ҡына уның хаҡлы булыуына ышанаһың, сөнки ул фекерен дәлилләй, анализға, кешеләрҙең ҡылыҡ-фиғылын эҙмә-эҙ күҙәтеүенә таяна. Хәйер, Рәми ғүмеренең аҙағынаса ваҡсыллыҡты, ике йөҙлөлөктө, графомандарҙы күрә алманы. Әйтелгәндәрҙән: «Рәми Ғарипов тәүҙән үк үтә белдекле, торғаны бер тәҡүә кеше булған икән», – тип уйланмаһын. Шиғриәттең иң юғары түбәләрен яулағансы ул күп һуғылды, ғазаплы икеләнеүҙәр, үкенеүҙәр ҙә кисерҙе. Ләкин шуныһы хаҡ – аҙаҡҡы һулышынаса ул күңеле менән йәш көйө ҡалды, фани донъя зауыҡтарының ҡәҙерен белде, хискә йомарт булды. Беҙ уның көндәлегенән тағы шуны ла күрәбеҙ: үтә мауығыусан, ғишыҡтан тоҡанып барыусан егет ине ул. Һәр матур ҡыҙ уны йоҡонан яҙҙыра, утҡа һала, әйтерһең дә, ошо сибәр уның яҙмышы инде. Ҡайҙа бындай саҡта аҡылға таяныу! Хәйер, яҡындан танышҡас, ул тиҙ үк һыуына, үҙе илаһилаштырған шәхесенең ҡәҙимге йән эйәһе икәнлеген күреү уны гүйә айнытып ебәрә торғайны. Ысын мөхәббәте алда ине шул уның. Саф күңелле, намыҫсан кеше булараҡ, Рәми дуҫлыҡта ла бик талапсан, талымлы ине. Шунлыҡтан яҡын дуҫтары ла аҙ булды уның. Хәҙер, донъялар үҙгәргәс, «дуҫ-ише» күбәйеп китте-китеүен, ә иң ауыр ваҡыттарында хәлен аңлаған, йөгөнә кергән ышаныслы кешеләре һанарлыҡ ҡына булды. Мин бында Мәрйәм апай Ғималованы, шағирҙың йәш ҡәләмдәштәре Рауил Бикбаев менән Тимер Йосоповто, аҙағыраҡ Рәми ҡорона килеп ҡушылған Динис Бүләковты, Хәсән Назарҙы, Сафуан Әлибайҙы күҙ уңында тотам. Үҙемде һөйләп тормайым, быныһы мәғлүмдер. Йомғаҡлап шуны раҫлау урынлы һымаҡ: уҡыусы ҡулындағы китаптан күренеүенсә, байтаҡ йылдар уҙғас, шиғриәтебеҙҙең яҡты йондоҙо булып балҡыясаҡ Рәми Ғариповты бында айырым-асыҡ төҫмөрләргә мөмкин. Дөрөҫ, халыҡсанлыҡ, фәлсәфә һәлмәклеге, тулы мәғәнәһендәге әҙәби оҫталыҡ уға аҙағыраҡ киләсәк әле. Был сифаттар әлегә үҫеү, камиллашыу осорон кисерә. Әммә йәп-йәш шиғирҙың студентлыҡ йылдарында уҡ халҡыбыҙҙың данлы ла, зарлы ла тарихынан, даръялай сикһеҙ ауыҙ-тел ижадынан, тылсымлы теленән илһам табыуы, үҙен ошо хазиналарҙың тоғро һаҡсыһы итеп тойоуы хайран ҡалдырырлыҡ. Үкенескә, ул талантына бәрәбәр ҡәҙер-хөрмәтте иҫән ваҡытында күрмәй китте... Был китап беҙҙе Рәми шишмәһәнең башына алып ҡайта. Уның исемен мәңгелек асманына күтәргән, ижадына үлемһеҙлек биргән шиғриәт исемле серле донъяның ҡайҙа, нисек башланып китеүен күҙәтеү фәһемле лә, ҡыуаныслы ла. Әхиәр Хәким КӨНДӘЛЕКТӘР 1951 Студент көндәлектәре* * Ҡыҫҡартып баҫыла. 9 октябрь. Мостафа ағай! Һеҙгә һаман да өндәшмәй тороуым һәм хушлашмай китеүем өсөн бик ғәфү үтенәм. Сәбәбе бар: һеҙгә бер нисек тә буш ҡул менән инергә теләмәнем. Сөнки бер нәмә лә яҡшылап яҙмаған инем. Йәй буйы йөрәк һыҙлап тик йөрөнө. Башта яҙылғандарынан насар эшләһәм, нисектер енәйәт кеүек тойола. Ә яҙаһы килгән нәмәләр бик күп. Бер көн повестка алдым һәм кис, военкоматтан ҡайтыу менән, тиҙ генә бер нәмә яҙып ташланым. Был яҙҙан бирле, туҡтап тороуҙан һуң, беренсе тауыш ине. Ләкин мин элекке һымаҡ, һәр бер шиғырҙан һуң шатланған кеүек, бер нисек тә рәхәтләнә алманым. Ҡапыл миңә үҙемдән бер ни ҙә сыҡмаҫ кеүек тойола. Ләкин тағы ла элекке фекерҙәремә ҡайтам. Ни эшләргә лә белмәйем. Ә уҡыу бара. Күңелле. Былтыр иптәштәр араһындағы төрлө фекерҙәргә бирелеп, гел үҙемде ныҡ яңылышҡан кеүек тойоп йөрөнөм. Был ышанмау һәр саҡ ғазапланы. Тормошта ниндәйҙер бик матур, иң кәрәкле нәмәне юғалтҡан кеше кеүек һиҙә инем үҙемде. Ә быйыл шатмын. Тик ваҡыт ҡына етмәй. Уҡырға, уҡырға, өйрәнергә! Аҙ белеү барыһынан да ныҡ ҡурҡыта. Үҙебеҙҙең семинар эшләмәй әле. Ирекле рәүештә Катаевҡа инеп йөрөйөм. Шекспировед М. Морозов тәржемә тураһындағы лекцияларын башланы. Һәр бер һөйләшеү ғүмеремдә ҙур ваҡиға. Миңә инде вузды бөтөү яҡынлашып килгән кеүек тойола. Ашығырға кәрәк. Мәскәүҙәге йылдар күҙ асып йомғансы үтеп китер, ә мин бик күп нәмәне үҙләштермәй ҡалырмын кеүек. Кистәрен ҡайһы көндәрҙә детгизға йүгерәм. Унда балалар әҙәбиәте тураһында бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү һәм фекер алышыуҙар була. Ә беҙҙә бында педагогикаға нисектер ҡағылмайҙар. Унан рус булмағандар сит тел урынына рус телен генә үтә. Башҡа телдәрҙе өйрәнеү бик кәрәк. Назым Хикмәтте белеү өсөн, уҡыу башланғас та университетта төрөк телен тыңларға ҡарар иттем. Былтырҙан бирле хыялланып йөрөй инем. Һәр кесаҙна һайын тыңлап йөрөгән булам, нимә сығыр. Унан был студенттарҙы күҙәтеү өсөн бик яҡшы. Беҙҙең институтҡа ҡарағанда бында бөтөнләй икенсе донъя! Мәскәүҙә үткән көндәр кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Мин әле үк күп нәмәләрҙе юғалттым. Әле һаман Ҙур театрҙа булғаным юҡ. Әлбиттә, быға студенттың мөмкинлеге лә юғыраҡ. Шулай ҙа быйыл артыҡ ауыр йәшәмәйем. Ҡышҡы каникулда Ленинградка барырға хыялланып йөрөйөм. Нисек булыр хәл яғы. Назым Хикмәтте күреү бәхетенә ирештем. Был турала һеҙгә яҙып ебәргән инем. Әгәр һеҙ кәрәкле тапһағыҙ, мин уның бик баҫылыуын теләйем. Әсғәт рәсемгә төшөрҙө (теге оператор егет). МДУ тураһында ла яҙырға кәрәк булыр. Унда беҙҙең башҡорт егеттәре эшләй, шунан Советтар һарайын төҙөүгә күсәсәктәр. Ошо көндәрҙә минең әйберҙәрҙе комсомол йыйылышында күмәкләп тикшереү булды. Был әле беренсе ҡат шулай эшләнелә (подстрочниктар буйынса). Бабич (Даһи Бабичев) доклад яһаны. Унан фекер алышыуҙар. Мин бер аҙ ҡурҡтым да. Был һөйләшеүгә бик бурыслымын. Ҡайһы бер рус иптәштәр тәржемә итергә алды. Мостафа ағай, һеҙ үҙегеҙҙең фекерҙәрҙе әйтерһегеҙ. Ләкин ваҡытығыҙҙы алыуҙан ҡурҡам. Һеҙҙең һайланыуға мин шатландым да һәм шәхсән үҙем өсөн күңелһеҙләндем дә. Һеҙҙең йәштәр менән бөтөнләй яңыса һәм уларға иғтибар итеп эшләй башлауығыҙға ышанам. Ләкин миңә хәҙер нисектер үҙемдең уҡытыусымды, бер туған ағай кеүек йылы, ябай булған һәм һәр саҡ ҙур хөрмәт менән иҫкә ала торған дуҫымды, шатлығымды юғалтырмын кеүек тойола. Нимәгәлер ҡурҡам. Һеҙ был һүҙҙәр өсөн асыуланмағыҙ, Мостафа ағай. Сәләмәтлек һәм уңыш теләйем. Рауза апайға, Илгизгә һәм кескәй гражданинға (исемен дә белмәйем әле үҙенең) күп сәләм. Һеҙҙең Рәми 25 октябрь. Зарабҡа, Рәмзиәгә. Силәбе өлк., Ҡоншаҡ p., Ҡорман ете йыллыҡ мәктәбе. Ағаһы һәм еңгәһе! Бына һеҙҙең хатығыҙҙы уҡып шатландым бөгөн. Туғандарым минең, һеҙ бит тормошҡа кешеләр әҙерләйһегеҙ. Ни тиклем ауыр һәм яуаплы, бик күп ижад көсө, гәлсәр кеүек сафлыҡ һәм бирелгәнлек талап итә торған гүзәл эш эшләйһегеҙ һеҙ! Әле беренсе аҙымдарығыҙҙы ғына баҫаһығыҙ. Тәүге тәжрибәләр. Күпме әле яңылышыуҙар, күпме әле ауырлыҡтар! Һеҙҙән көнләшеп тә ҡуям. Минең дә балалар менән булғым килә. Ярай, мин уларҙың йөрәктәренә үҙемдең һүҙем менән яҡты фекерҙәр яҙырға тырышырмын. Мин һеҙҙең арымай-талмай яңы кешеләр үҫтереүегеҙҙе һәм бының өсөн үҙегеҙҙе лә туҡтауһыҙ үҫтерә барыуығыҙҙы теләйем. Үҙең үҫмәй тороп, кешеләрҙе үҫтереү мөмкин түгел. Саҡырыуығыҙға бик шатмын. Тик маршрут яғы нисек булыр инде. Мәктәбегеҙ тураһында яҙып тороғоҙ. Һеҙгә бер үтенес. Әгәр һеҙ шуны үтәй алһағыҙ, миңә бик ҙур ярҙам иткән булырһығыҙ. Мин һеҙҙән уҡытыусы көндәлеге алып барыуығыҙҙы үтенәм. Һәр бер иң характерлы уҡыусыны күҙәтеү, уларҙың үҫеүен билдәләү, холоҡтарын биреү, уларға мөнәсәбәтегеҙ һ. б. Педагогик эшегеҙ был көндәлектең эстәлеге булһын. Һәм мин һеҙгә бик ныҡ бурыслы булырмын. Был үҙегеҙ өсөн дә файҙалы буласаҡ. Газета, журналдарҙы алдырырға кәрәк. Был иң кәрәклеһе. Беҙҙең яҡта ишетелмәгән һүҙҙәрҙе, мәҡәл, әйтем, йыр-фәләндәрҙе яҙып барығыҙ. Һеҙҙең Рәми 1 ноябрь, кесаҙна. Рауил! Күп сәләм ағайыңдан. Бына әле китапхананан ҡайттым да Константин Паустовскийҙың «От Волги к Дону» очеркын уҡырға ултырғас, һиңә хат яҙмайынса булдыра алманым. Иртәгә беҙҙең совет әҙәбиәтенән семинар. Шул очеркты тикшерәсәкбеҙ. Һиңә лә уны бик яҡшылап өйрәнергә кәрәк булыр. Сөнки бында илебеҙҙең бөйөк төҙөлөштәре тураһында һөйләнелә. Ә был һинең хыялың булырға тейеш. Мин һинең энергетик булыуыңды һәр хатымда өгөтләп яҙам. Бәлки, яңылышамдыр ҙа. Сөнки һөнәрҙе һәр кеше үҙе һайлап алырға тейеш. Ләкин кәңәш тә кәрәк. Кәңәште мин һиңә бер әсәнән тыуған туғаным булмаһаң да биргән булыр инем: һинең был эштә һәләтлегеңде күрәм. Энергетика хәҙер – илебеҙҙең иң ҙур киләсәге. Мин һинең был эште хәҙерҙән тәрән аңлауыңды һәм X класты яҡшы тамамлап, һис икеләнеп тормаҫтан бында, минең янға, бөйөк баш ҡалаға уҡырға килеүеңде күргем килә. Бөтә нәмә үҙ тырышлығыңда. Еңел юл түгел. Ә башҡаса юл һайларға һинең хаҡың да юҡ. Рауил, бына әле мин уҡып ултырған очеркты был хатты алыу менән уҡып сыҡ: «Знамя», 8-се һан. Логинов – илгә 20-нән артыҡ гидростанция бүләк иткән кеше. Ул Сталинградҡа немецтар тарафынан емерелгән Днепрогэсты аяҡҡа баҫтырып килгән. Үҙ эшенең шағиры. Лениндың «Коммунизм – это есть Советская власть плюс электрофикация всей страны» тигән һүҙҙәрен һин яҡшы беләһең. 2 ноябрь, йома. Ленин китапханаһы. 2-се өҫтәл, 64-се урын. «Октябрь», 1930 йыл, 3-сө һан. Сәйфи Ҡудаштың «Шәйехзада Бабичтың ижад юлдары» тигән мәҡәләһе. Ҡыҫҡаса конспект. 1. Бабич Февралгә тиклем. 1905 йылғы революция еңелгәс тә, реакция осоронда «уралсылар», «таңсылар» һәм башҡаларҙың да тауыштары тына. Ҡаты цензура «үҙенең ҡара ҡанатын йәйҙе». Төшөнкөлөк. Өмөтһөҙлөк. Ул саҡта ғөмүм йәштәр тарафынан яратылып уҡыла һәм яңы ҡәләмдәргә остаз була килгән Туҡай ҙа ғүмеренең һуңғы йылдарын гел төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөк йырҙары менән осланы («Октябрь», 1930 й., 3-сө һан. 70-се бит). «Ауылдың ваҡ буржуа – мулла ғаиләһендә тыуып, шул мөхиттә тәрбиәләнеү өҫтөнә, милләттең, ислам ғилеменең артҡа ҡалыуының, йотолоуының сәбәптәре ныҡ тикшерелә һәм төрөксөлөк, исламсылыҡ менән янырға тәрбиәләнә торған «Ғәлиә» ҡаҙанында ҡайнатылған Бабич ана шул юғарыла әйтелгән шарттар эсендә матбуғатҡа сыҡты». 2. «Ғәлиә»нең төп идеяһы. 1) Уҡыусыларҙың төрөклөк ҡанын-хисен ҡайнатыу. 2) Христиандарға дошманлыҡ, Ҡөрьәнде «дөрөҫ» аңлау һәм уны мәҙәниәткә нигеҙ һалыусы итеп таныу. 3) Ислам динен элекке «саф» хәленә ҡайтарып, реформа яһау һәм шул еп менән төрөк-татар ҡәбиләләрен бергә бәйләү. Киләсәктә ҙур бер төрөк илен барлыҡҡа килтереү (солтанғәлиевсыларҙың бер тамыры бына ҡайҙа ул). 4) Төрөк нәҫеленән булған һәр бер уҡыусының бурысы, ниндәй милләттән, ниндәй синыфтан булыуына ҡарамаҫтан, шул идеялар өсөн йәнен ҡорбан итергә тейеш ине. «Ғәлиә»нән уҡып сыҡҡан егеттәр тормошта шул идеяларҙы таратыусы, тамырландырыусы вәкилдәр булып сыҡты. Төркиәнән, Мысырҙан уҡып ҡайтҡан мөғәллимдәр, шул ерҙәрҙән килтерелгән дәреслектәр «Ғәлиә»нең идея мейесенә яғылған бензин хеҙмәтен үтәне» (70-се бит). Бабичтың ғилми багажы шул «Ғәлиә» идеяларынан ғибәрәт. 1916 йылда Бабич Троицкиҙа уҡытыусы булып эшләй. Унан һуң «Ҡармаҡ» журналында, башҡорт мәркәз шураһында секретарь булып тора. 1918 йылдың йәйендә чехтар менән аңлашып, башҡорт милли частары төҙөргә вәкил булып Өфөгә килә. Ахыр ғүмеренә тиклем уҡымай, фәҡәт көндәлек ваҡиғалар белеме менән «Ғәлиә» биргән идеяны тормошҡа ашырырға айҡалып-сайҡалып йөрөгән шағир була Бабич. «Бабичтың башланғыс шиғырҙары ла, бик күп татар-башҡорт шағирҙары кеүек, милләт ҡайғыһын ҡайғыртыу, уны алға ебәреү, татар милли капиталына үҫергә яйһыҙлаған феодал ҡара фекерле иҫке муллаларҙы һүгеү, уларҙан көлөү, исламдың шәүкәтле ханлыҡ замандарын һағыныу, һыҡрау-һыҙланыу менән» башлана. «Бабич үҙенең беренсе яҙмалары менән үк эшләнгән, шыҡылдап торған бер техника күтәреп сыҡты. «Беҙҙең юл» журналында Әбүс иптәштең «Бабич үҙенең беренсе яҙмалары менән башҡа яҙыусыларҙан айырылмай», – тигән дәғүәһе һис дөрөҫ түгел. Идея нигеҙе яғынан Бабич уларҙан айырылмаһа ла, стиль, техника, музыкаллек һәм оҫталыҡ яғынан ул танылмай үлеп ҡалған татар шағирҙарынан ғына түгел, үҫеп еткән Туҡай абзаһы менән йәнәш тора. Сөнки Бабич үҙенең башланғыс шиғырҙары менән Туҡайҙың һуңғы шиғырҙары техникаһын яңыртып, матурлап алып китте» (71-се бит). Донъя капиталы баҙар бүлер өсөн ҡанлы һуғыш майҙанына ташлана. Ҡара реакция революцион хәрәкәткә ҡаршы үҙенең бөтә рәхимһеҙлеген эшкә ҡуша. Шул хәлдәрҙең төбөн аңламаған Бабич «ут йотоп та, ҡан йотоп та» әрнеп иларға тотона: Бына әле илап, әле көлдөм. Әле көлдөм, әле һыҙландым. Бына әле йырлап, әле тындым, Әле бар донъяһын ҡыҙғандым! Бер минутта ташты күңелем, Бер минутта булды ут. Берсә янды, берсә туңды, Бар ҙа булды бер минут. Дәрдмәнд үҙенең ауыр, тәрән хистәре менән йылдар буйынса быҫҡып янһа, Бабич минутында янып күмергә әйләнә, минутында күкрәп сәскә ата. Әйҙә, күңелем, бында торма, Күккә, күккә, күккә ос. Күккә ос, күктә тыныс, – Бында һуғыш, бында ҡылыс. Бабич реаль донъя алдында еңелеп, уны аңламағанлыҡтан, юлһыҙ аҙашҡанлыҡтан, «донъяның өҫтөнә «лас!» иттереп төкөрә лә, ғәрләнеп, өҙгөләнеп иларға, әрнергә» тотона. Һәм бынан бер минутҡа ла туҡтамай, революцияға тиклем күҙ йәшен шишмә итеп ҡоя. Хатта уның сатираһы ла йәш аралаш көлөү урынын тота. «Ғәлиә»нең 10 йыллығына бағышланған «Бер тәмҫил» шиғыры Зыя Камалиҙы маҡтап яҙған бер әҫәр. Бабич матбуғатҡа тиклем «Ғәлиә»лә сыҡҡан «Эләктергес», «Парлаҡ» һ. б. журналдарҙа ҡәләмен шымарта. «Ҡаҙаҡтың халыҡ йырсылары менән шиғыр әйтешеп, бәйгегә сыҡты. «Аҡмулла» журналында «Чытырман», «Бәбәйчун» имзалары менән яҙышып, аҫтан ғына үткерләнде. Бабичтың яҙыша башлауы 12–13-сө йылдарҙа, хатта унан да элегерәк башлана. Бабич сатирала Туҡайҙан ҡала икенсе сатирик. Ләкин Туҡайға ҡарағанда күпкә көслөрәк сатирик» (76-сы бит). «Хәҙер инде үҙенең бөтә тәбиғәте менән шат, мәҙәксел Бабичтың ғүмеренең таңынан ҡояшы батҡансы булған эҙләнеү, тура юл, хәҡиҡәт таба алмау һәм ризаһыҙлыҡ фажиғәһенең тамырын билдәләргә кәрәк. Бабич ни өсөн ҡиблаһын бик йыш алыштырһа ла, дөрөҫ юл таба алманы?» Бының «нигеҙе Бабичтың «Ғәлиә»ләге эске хыялый тормошо менән тышҡы иҡтисади тормошо араһындағы ҡушылмай торған ижтимағи соҡорҙа». Бабич Февраль революцияһын үҙенең идеяларын конкретлаштырырға юл, зәмин таба алмайынса, аптыраған хәлдә ҡаршылай. 4 ноябрь, ял. Ленин китапханаһы. С. Ҡудаш «Ш. Бабичтың ижад юлдары» (дауамы). Бабич Февраль революцияһын уҡытыусы булып Троицкиҙа ҡаршылай. 1917 йылдың 13 мартында ул С. Ҡудашҡа яҙа: «Ҡудаш! Малай, бер тинлек тә баш эшләмәй. Иҫерҙем, иҫерек мин, мәңге иҫерек. Әлмисаҡтан уҡ берҙе төшөрөп килгән иҫерек мин. Эйе, иҫерек булмағанда ла иҫерерһең, небось. Уйынмы ни һиңә! Распутиндар ҡулынан ысҡынған мәмләкәттең бер балаһы, бер диуанаһы, бер хөрриәт һөйгән, азатлыҡ теләгән ситлектәге меҫкен ҡоштоң балаһы бул да, иҫермә!.. Иҫерерһең, небось... Мин иҫерек хәҙер, биғәйбә, мәғрүр... Мөфтиҙең (провокатор Сафа мөфти ине) кәрәген бирҙегеҙме? Шәп булған, йәшәһен, урра... Хөрриәт, урра..!» Азат ҡулыңды ҡыҫып, Шөпшә». Революциянан һуң беренсе «Йәшәһен эшселәр!» шиғыры Троицкиҙа «Хөр милләт» газетаһында баҫылып сыға. Был Бабичтың алға аҙымы. Бынан һуң ул Өфөгә күсеп килеп, «Ирек» гәзите тирәһенә ойошҡан татар һул революционерҙарына ҡушыла. Был гәзиттә уның «Утрау», «Байҙарға», «Мөртәт социалистар» һәм «Афарин» шиғырҙары баҫылып сыға. «Афарин»да Бабич айный башлай. Уның башҡорт милли автономиясыларына барып ҡушылыуы, мөхите, тәрбиәһе биргән идеалына ирешеүе, үҙе юллаған азатлыҡҡа сығыу юлында көрәшкә атлаған беренсе аҙымы була. Бабич – әхирәт министры 1917 йылдың йәйендә Ырымбурға күсеп, «Ҡармаҡ» журналында секретарь булып эшләй башлай. Ләкин ул бында журнал нәшире Мәхмүт Мәржәни менән таныша алмай. Икенсенән, Бабичты башында Манатов, Зәки Вәлиди кеүек мәғлүм пантюркистар, муллалар торған башҡорт хәрәкәте үҙенә тарта. Ул был хәрәкәткә йотолоп китә. Эҙләгәнен таба Бабич. Бабич хәҙер инде ябай шағир ғына түгел, ә «ил хакимы» булып активлаша. Ғөмүми башҡорт съезы тарафынан мәркәз хөкүмәттең секретары булып һайлана. Бабич 1917 йылдың 23 октябрендә С. Ҡудашҡа яҙған хатында үҙенең тормошо, күпме хеҙмәт хаҡы алыуы, уны тотоноуы һәм башҡаларҙы яҙып килә-килә лә былай тип тамамлай: «Хәҙер абзаң «Ҡармаҡ» мәмләкәтендә генә түгел, «башҡорт ханлығында» ла министр, бар уның менән шаяр хәҙер... «Хат яҙмайһың», тип һүгенәһегеҙ, төкөрәм!.. Уға ваҡыт бар ти бында... Министрлыҡты беләһең бит, арҡа ҡашырға ла ваҡыт юҡ... «Хаким унан кемсә рәхәт уламаз, рәхәт улса, рәхәт ил уламаз», тиҙәр. Хуш. Хат яҙ. Башҡорт хөкүмәтенең әхирәт министры: Ш. Бабич». (Хаким булған кеше рәхәт тора алмаҫ, хаким үҙе рәхәт торһа, ил рәхәт тора алмаҫ. – P. Ғ.) Был ваҡытта Октябрь социалистик революцияһы еңә, Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылып, большевиктар власты үҙ ҡулына ала. Башҡортостандың яртыһы – Дутов шауҡымы аҫтында, яртыһы – Совет яғында. Хәҙер инде Башҡорт мәркәз шураһы ни эшләргә, башҡорт халҡы ниндәй юл тоторға тейеш? Бына шул хаҡта Башҡорт шураһының секретары (иҫкесә 11 ноябрҙә) Бабич былай яҙа: «Большевиктар Ваҡытлы хөкүмәтте төшөрөү менән, үҙ-ара һуғыш китте. Күп илдәр уларҙы танымай. Большевиктар бөтә ерҙе крәҫтиәнгә биреүҙе белдерә. Шул арҡала Башҡортостанда ерһеҙ халыҡтар менән һуғыш сығырға мөмкин. Хәҙер талауҙар бара. Суд, закон юҡ. Был хәл башҡорт кеүек законға баш эйеп өйрәнгән халыҡтың ҡанын ҡыҙҙыра. Бөтә халыҡ тарафынан танылған хөкүмәт юҡ. Ваҡытлы хөкүмәт Башҡортостанға йүнләп эшләргә ирек бирмәне. Был хәлдән ҡотолоу өсөн, ере, милке булған халыҡ уйы үҙ ҡайғыһын үҙе ҡарау, ерҙе, малды һаҡлауҙыр. Хәҙер икегә бүленгән Башҡортостан һуғыш аҫтында ҡалырға мөмкин. Башҡорттар бер-бере менән һуғышырға тейеш түгел. Сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул – башҡорт. Бер кем яғында ла түгел. Үҙебеҙҙең яҡта. Беҙҙең талашлы эштәребеҙ юҡ... Ике миллионлы башҡорт халҡы юҡ-бар сәйәси уйындарға ҡатнашып, уйынсыҡ булыуы мөмкин түгел. Большевиктар бөтә халыҡтарға ирек бирәләр, ләкин тәртипһеҙлек менән бирәләр. Башҡорт халҡы бындай бүләкте ҡабул итергә тейеш түгел». «Бына ҡайҙа Бабичтың юлы! Тиҙ көндә ҡоролтай йыйып, «ханлыҡ» иғлан итергә әҙерлек алып бара». «Уларҙың хәрәкәтенә бер яҡтан большевизм, Совет хәрәкәте яйһыҙлаһа, икенсе яҡтан – татар милли мәҙәни мөхтәриәтселәре аяҡ сала: милләтте бүлгеләмәҫкә, мосолман булып эш итергә, татар капиталының өҫтөнлөгөн һаҡлап ҡалырға саҡыралар. Үткер телле, янып торған милләтсе башҡортҡа әйләнгән Бабич был сығыштарға, әлбиттә, ҡарап ҡына ҡала алмай. «Һеҙҙән түгел, башҡорт урыҫтан да, Етер инде, бик күп ҡыҫылған... Үҙе өсөн үҙе тырышҡанда Таяҡ тыҡма, булһаң мосолман! «Ҡушыл беҙгә, башҡорт», – тигән менән Айырылһынмы башҡорт милкенән? Йәшел сапан, сәллә кейгән менән Төлкөлөгөң мәғлүм һыртыңдан». («Башҡорт мөхтәриәтенә ҡаршы татарға») Бабич башы күккә тейеп шатлана. Башҡортостан мөхтәриәте (автономияһы) иғлан ителеү, Каруанһарай алыныуы менән һәм Беренсе башҡорт Ҡоролтайы вәкилдәренә бағышлап яҙған шиғырҙары шуны һөйләй. Шул ҡоролтайҙан һуң Бабич ысын мәғәнәһе менән ваҡ башҡорт «буржуа» шағирына әйләнә. Уның шиғырҙары Совет власын төҙөү дәүерендә башҡорт ярлыларына синфи теләктәрен томалаусы, һаташтырыусы милли араҡы була». Бабич – контрреволюция агитаторы 1918 йылдың 5 февралендә Ырымбурҙа бөтә контрреволюция менән берлектә большевиктарға, Советҡа ҡаршы хәрәкәткә әҙерләнгән башҡорт милли хөкүмәтенең предпарламент ағзалары ҡулға алына һәм Совет нигеҙендә Башҡорт Ревкомы ойошторола. Ә башҡорт милли автономиясылары асыҡтан-асыҡ контрреволюция яғына сыға. Ырымбур атаман Дутов ғәскәрҙәре тарафынан алынғас, төрмәнән сығарылған башҡорт милли хәрәкәтенең башлыҡтары тәүҙә чехтарға һәм унан Колчакка барып һыйына. Дин, милләт, тупраҡ исеме менән башҡорт халҡының тулы азатлығы байрағы аҫтында башҡорт массаһын советҡа ҡаршы аяҡландыралар. Бабич был мәл ҡапыл шөбһәләнеп, икеләнеп ҡала. Күп уйлап тормаҫтан, милли буржуа азатлығын һаҡлау теләге менән ҡанлы фронтҡа ташланды: Арыҫландар үҙ ерҙәрен Залимдарҙан таптатмаҫ. Таптаймын тип атлаһа, Башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ил өҫтөнә сыҡҡан яу Башҡорт ҡанын ҡаҡшатмаҫ. Бысраҡ табан аҫтында Башҡорт намыҫы ятмаҫ! Бабичтың агитаторлыҡ көсө ғәҙәттән тыш көслө була. Ул һалдаттарҙың психологияһын аңлап, уларҙың иң нескә ҡылдарына, иң ауыртҡан ерҙәренә сиртә белә. Ул синфи аңы түбән булған башҡорттарҙы иҫкәртә: Алданма, аҡ күңел башҡортом. Юллатма йыланды ҡуйыныңа. Һарылып мәлғүндәр муйыныңа, Башыңды мөнйөрҙәр әкертен! («Дошмандар») Бабич башҡорттарға байрам фәҡәт «ҡыҙыл мәлғүн» большевиктар бөткәс кенә буласағын йырланы. «Ғәскәр доғаһы» яҙып бирҙе. Бабич – совет яғында Бабич Советтар яғына сыҡҡас, беренсе ҡат үҙенең: «Беҙ ниңә ҡыҙылдарға ҡушылдыҡ» тигән тарихи хитабын яҙа: Беҙ ҡушылдыҡ ҡыҙыл тарафҡа, Ҡыҙыл беҙҙең яҡлы булғанға. Азат Башҡортостан йөмһүрлеген Таныйым тип хуплап торғанға. Дутов, Колчак әйтә: эш башына Алтын тажлы батша менһен, ти. Батша менеп, һаман Николайҙай, Ярлыларҙың ҡанын имһен, ти. Большевиктар әйтә: һәр бер илгә Камил мөхтәриәт бирелһен. Һәр бер ярлы мазлум иҙелгән ил Мөхтәриәт алһын, терелһен! Бер-ике ай үткәндән һуң, Бабич тағы ла икеләнә (үлем алдынан): Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм, Аңҡый хәсрәт, үлем – гүрестан. Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр. Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен һөйләп, Йырлап аға һаҡмар, Яйыҡтар... Килер микән аҡ көн беҙгә, тиеп Уралҡайға ҡарап илайым. «Әгәр ҙә Бабич үлеп ҡотолмаған булһа, ихтимал, идея яғынан бик ныҡ бәйләнгән Зәки Вәлидов менән төркиселек әҙенән Әнүәр паша янына, баҫмасыларға киткән булыр ине. Сөнки башҡорт контрреволюция хәрәкәте үҙе лә шул уҡ төркиселектең бер тармағы икәне беҙгә бик мәғлүм нәмә» (73-сө бит). Бабич, шулай итеп, «аҙашыу бурандары эсендә, – нәҡ үҙе әйтмешләй, – ут йотоп та, ҡан йотоп, фажиғәле рәүештә» юғала. Бабич беҙгә ҡайһы яғы менән ҡиммәт? «Бабич революцияға тиклем булған татар, башҡорт шағирҙары араһында теленең байлығы, еңел яҙылыуы, стиленең шымалығы менән иң алда һәм айырым тора. Ул үҙенең шиғырҙарына халыҡ тәғбирҙәрен индереп, әҙәби телде байытыуға, Туҡайҙан ҡала, күп хеҙмәт итеүселәрҙең береһе. Бабич халыҡ мәҡәлдәрен, халыҡ дастандарын, йыр-көйҙәр тарихтарын йыйыу кеүек эштәрҙә йәштән үк көс ҡуйҙы. Татар, башҡорт әҙәбиәтендә шиғырҙары төрлө сәскәләрҙән бәйләнгән букет кеүек төрлө формала яҙыуҙа остазлыҡ урынын тотҡан кешеләрҙең береһе Туҡай булһа, икенсеһе Бабич булды, – тип раҫлай Сәйфи Ҡудаш һәм үҙенең мәҡәләһен: – Беҙ уның идеологияһын үҙенә ҡалдырып, техникаһындағы ҡиммәтле яҡтарынан өйрәнергә һәм файҙаланырға тейешбеҙ», – тип тамамлай. 6 ноябрь, шишәмбе. Бөгөн – Виктор Михайлович. Оҙаҡ күренмәне ул. Докладтар ҙа туҡтап торҙо. Яңынан башлайбыҙ. Борис Палкин Некрасовтың «Кемгә Рустә йәшәү яҡшы?» поэмаһында фольклор элементтары» тигән темаға һөйләй. Һәр бер бөйөк яҙыусының иң яратҡан һәм ҙур көс ҡуйған әҫәре бар: Пушкиндың «Евгений Онегин»ы, Гоголдең «Үлек йәндәр»е, Лермонтовтың «Демон»ы, ә Некрасовтың «Кемгә Рустә йәшәү яҡшы»һы. Халыҡ ижадын иҫ киткес оҫта рәүештә ҡулланыуы әҫәрҙе тағы ла тәрәнерәк итә, реализмды иң юғары дәрәжәгә күтәрә. Некрасов фольклорҙың ҡоло түгел, ә уны оҫта эшкәртеүсе. Ул һәр саҡ ижад итә. Некрасов халыҡтың үҙ ижадында һәр саҡ ирек һөйөүен, бәхет эҙләүен күрә. М. Исаковский һәм А. Твардовский Некрасовты үҙҙәренең уҡытыусыһы тип ҡарай. Стилизация яҡшыға килтермәй, ә фольклорҙы ижади рәүештә ҡулланырға кәрәк. Буханов «Музыканың һәм текстың үҙ-ара бәйләнеше тураһында» һөйләй. Шиғырҙарҙың йырларға мөмкин һәм уҡырға мөмкин булғандары бар. Музыка иҫәбенә генә йөрөгән йырҙар ҙа бар. Улар онотола. Ҡайһы бер композиторҙар быны баһалап бөтөрмәй. Йырҙар ябай һүҙҙәр менән яҙылырға тейеш. Йырҙан һүҙҙе алып ташларлыҡ булмаһын. «Музыка – йырҙың ҡанаты», – ти Исаковский. Бының менән ул һис тә текстың әһәмиәтен кесерәйтмәй. Һүҙ фекер әйтергә тейеш. Ни тиклем һүҙҙең көсө ҙур булһа, уның кеше йөрәгенә тәьҫире лә ҙур, йыр ҙа ғүмерлек. Исаковский – лирик, ә Твардовский – эпик. Исаковский Маяковскийға яҡын тора. Наҙан текстар күп беҙҙә. Ҡайһы бер йырҙар дүрт юлдан булған һүҙ өйөмөнән тора. «Йырҙар үҙ аллы шиғыр булғанда ғына яҡшы, – ти Исаковский, – ә шуға музыка ла яҙылған булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Музыкала тыныш билдәләре юҡ. Шуның өсөн фекерҙең бөтөн булыуы мотлаҡ. Бүлмә фекерҙе! Йырҙы деталдәр менән тултырғанда, ул ауырая, хәтерҙә ҡалдырырға ҡамасаулай». Бухановтың доклады бөтмәне әле. Ул бик ҡыҙыҡлы. Киләһе занятиеларҙа дауам итергә һөйләштек. Хәҙер Бондиҙың лекцияһы башлана. Әле баҫымдар ҡуйылған күнегеүҙәр тикшерәбеҙ. Беҙ уҡый башлау менән ритм стихияһына сумабыҙ. Был стихияла шағир үҙе теләгән фекерҙе әйтә. «Ритмические ушки на макушке». Шартлы рефлекс – ритмик тойғо дирижер таяғын күтәргәс үк башлана. Баҫымдар шиғырҙа сиратлашып килә. Баҫым төшкән ижектән һуңғы ижектәр һаңғырауланып ҡала. Гректар өндәрҙең, ижектәрҙең һуҙынҡылығына, тартынҡылығына, уларҙың сиратлашып килеүенә нигеҙләнеп яҙған. Ҡытайҙарҙың шиғыры беҙҙең шиғырға бөтөнләй оҡшамаған. Уларҙың шиғыры образға һәм идеяға нигеҙләнгән. Рифмаһыҙ шиғыр булып ойошҡан әҫәрҙәр ҙә бар – «Борис Годунов». Баҫымдар йоп ижеккә төшә. Аҡ шиғыр. Ритмик яҡтан ныҡ ойошҡан. Блоктың «Когда вы стоите на моем пути», «Она пришла с мороза» шиғырҙары – шундайҙар. Шиғри энергиялы, шиғри эстәлекле прозалар ҙа бар. Тургеневтың әҫәрҙәре, М. Горькийҙың «Дауыл ҡошо тураһында йыр»ы рифмаһыҙ шиғыр менән яҙылған. Тик ул Горькийҙың үҙ теләге буйынса шиғыр юлдары менән баҫылмаған. Ләкин уны уҡығанда ритм тойғоһонан башҡа ҡабул итергә мөмкин түгел. Иртә менән автобуста Даһи менән һөйләшеп килдек. — Кисә ниңә йыйылышҡа килмәнең? — Китапханала ултырҙым. — Нимә уҡының? — «Октябрь»ҙе. — «Әҙәби Башҡортостан»дымы? — Эйе, 1930 йылдан алып уҡый башланым. 3-сө, 4-се һандарын. Ул нимәләр барлығын һораны. Мин Бабич тураһында һөйләп килдем. Ҡайһы бер шиғырҙарын уҡыттым. Бабич Даһиҙы бик ҡыҙыҡтырҙы һәм занятиенан һуң китапханаға барырға булдыҡ. Бик матур шиғыр яҙғанһың, Дилара. «...Алъяпҡыслы һылыу ҡыҙҙарыңды үҙем һөйәм, үҙем көнләшәм». Ләкин көнләшмә, Дилара, ярамай. Әле күпме йәшәйһе ғүмер бар. Тормошҡа бит яңы аяҡ баҫабыҙ. Тәүҙә яҡшы итеп уҡып бөтөргә, бер-ике йыл ут сығарып эшләргә, үҙеңде һынап ҡарарға кәрәк. Унан һуң янып ижад итергә, шулай бит? Бер заман үҙең дә хайран ҡалып торорһоң! «Әсәй, әсәй!» – тип йөрөгән кешеләреңдең гөрләшеүе лә үҙе бер тормош буласаҡ. Улар ҙа бит «белем тейәп ҡайтыр Ҡаҙандан». Ә Таҡташ иң ҙур һәм иң яратҡан уҡытыусың булһа ла, бирешмә уға. Һинең инде үҙ тауышың тыуып килә. Мөмкин тиклем уның тәьҫиренән алыҫлашырға кәрәк. Ул үҙе лә шағирҙан нәҡ шуны талап итә. Дилара, мөмкин булһа, ауылда һөйләгән докладыңды ебәрһәң ине. Минең дә бит «ауыҙымды асып тыңлағым килә». Ебәр, йәме? Тик үҙгәртмә! Мин һинең кескәй генә пионерың булып тыңлармын, студент булып түгел... Ленинград хаҡында яҙа алманым үҙеңә. Ғөмүмән, унда барып ҡайтыу тормошомдоң иң матур көндәре булды. Ҡаҙанға ҡайтырғамы? Саҡырғаның өсөн рәхмәт. Ләкин мин былай ҙа унда булырға тейешмен. Күптәнге хыял. Тик күрешкәндә минең кеүек ҡырыҫ тәбиғәтле, уҫал сырайлы һәм өндәшмәүсән кешене күреү һиндә бик күңелһеҙ тәьҫир ҡалдырған булыр ине. Хыялда кеше кешене һәр саҡ үҙе теләгәнсә биҙәп тыуҙыра. Ә тәбиғәт иптәш ул – материалист-скульптор. Художник булыу яғынан ул һәр саҡта ла кешенең эске донъяһын тышҡа сығармай. Уйлармын әле. Хуш, Дилара! Мәскәү, Рәми» 1952 15 февраль, йома. «Сүриә! (Класташы) Макаренконың педагогик әҫәрҙәр йыйынтығын уҡып ултыра инем, Миша һинең хатыңды килтереп бирҙе. Һин минең һуңғы «яңылыҡ» тураһында яҙылған хатты алмағанһың икән. Берәйһе алғандыр инде. Бынан кире почтаға яҙырмын. Ул шиғыр түгел, күрәһең. Шулай ҙа мин уны эшләйәсәкмен. Һине шиғыр уҡытып ғазаплағаным өсөн ғәфү ит, йәме! Һәр яңылыҡ ваҡытында ғына аңлашылып та бөтмәй бит! Етмәһә, тәнҡитселәр күҫәк тотоп сығыр әле! Яҡшылап яҙмайынса, баҫтырырға ебәрмәйем. «Һиңә ғәжәпләнеп аптырайым... ҡыҙҙар менән һөйләшә алмауыңа», – тиһең, Сүриә. Бына бит, һөйләшеп ултырам түгелме ни? Әгәр кәрәк икән, теләһә кем менән дә һөйләшәм. Кәрәк булмағанда, һүҙ өсөн һүҙ үлтереп, нимәгә һуң миңә таҫма телләнеп ултырырға? Һинеңсә лә шулайҙыр тип уйлайым. Бәлки, фекерҙәреңде йәшерәһеңдер. Бәлки, ҡыҙҙар халҡы мөхәббәт менән генә егеттәргә яҡынлашалыр», – тиһең. Бына инде йүләр ҡыҙыҡай! Ни эшләп шулай уйлайым ти инде мин? Нимәне һинән йәшерергә? Йәй көнө һөйләшергә тура килмәүҙең үҙенең сәбәптәре булғандыр. Унан һуң, Сүриә, беҙҙең элек тә һөйләшкән юҡ та инде. Бергә эшләргә лә тура килмәне. Әгәр ҙә инде һинең үҙеңде борсоп йөрөгән әҙәбиәт, тарих, сәнғәт тураһында һорауҙарың булһа, әгәр ҙә бик күп уҡып, бергәләп фекер алышһаҡ, һәм һин миңә үҙеңдең медицина тормошо тураһында һөйләһәң, мин бик шат булыр инем. Һиңә нимә әйтәйем инде? Уңыш теләргә генә ҡала. Тик тормошҡа булған мөхәббәтте айырым бер кешегә булғанынан айырма. Улар бер-береһен тултыралар, биҙәйҙәр һәм бер-беренә ярҙам итәләр. Класташың Рәми. Мәскәү». 3 март. Степан Злобин менән осрашыу. Һөйләшеү – тарихи романдар тураһында. — Тарихи роман – сәнғәттең фән менән ҡушылыуы ул. Айырым эпоханы өйрәнгәндә, үҙеңде ғалим, тикшеренеүсе итеп һиҙергә тура килә. Ә художник әле йәшеренгән була. Фактографик материал-документтар менән бер рәттән фольклор ҙа кәрәк. Уларға геройҙың иң яҡшы сифаттары тупланған. Мәҫәлән, Салауат Юлаев тураһындағы материалдар ҡыҙыҡлы. Башҡорт халҡы үҙенең улы тураһында бик күп йырҙар, легендалар тыуҙырған. Материалдарҙы тарих фонында алырға кәрәк. Улар өҫтөндә эшләү традицияһын беҙгә классиктар ҡалдырған. Халыҡтың характерын күҙәтергә, уның тарихи үткәненә ҡарай белергә кәрәк. — Батыр булып тыумайҙар. Салауат Юлаевтың балалығы башҡаларҙыҡы кеүек. Мин геройҙарымдың бала сағына күп урын бирәм, характерҙарының формалашыуын шул саҡтан уҡ күрһәтергә тырышам. Геройҙың кисерештәренә иһә үҙ автобиографияң да ҡатнаша. Уның характеры һин уйлағанса үҫмәҫкә лә мөмкин. Портретты халыҡ тыуҙырған, мин уны файҙаландым ғына. — Салауат һәм Юлай әҫәрҙә үҙ аллы хәрәкәт итә. Мин Юлайҙы Салауатҡа ҡаршыраҡ итеп тә ҡуйҙым. Салауаттың психологияһы Юлайҙыҡына оҡшағанмы? Юҡ. Улар төрлөләр. Юлай – милли Ҡараһаҡал восстаниеһында ҡатнашҡан кеше. Феодал. Ҙур түрәлек, властарҙың ышанысы менән файҙаланған. Ә Салауат 20 йәшлек кенә батыр, шағир, йырсы. С. Злобинға минең һорауҙар: «Как родилась мысль о написании «Салавата Юлаева?», «Как собрали материалы?», «Когда не могли не писать?», «Материалы о Гульбазир и Амине, наверное, только фольклорные. Интересно узнать, как создавались эти женские образы?». — Мин Уралда осраҡлы булдым. Эшсе булып йөрөнөм. 5 экспедиция яһаным. 4 йыл материалдар йыйҙым. Арҡырыға-буйға өйрәндем был урындарҙы. Башҡорт телен өйрәндем. Фольклор йыйҙым. Эйе, Әминә менән Гөлбәзир фольклор нигеҙендә (домысливание) яҙылды. Аҙаҡ бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Мин ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙем уйланым. Былар китапта яҙылғас, Башҡортостанда экспедиция үткәргән фольклорсылар мин уйлап сығарған материалдарҙы яҙып алған. Халыҡ уларҙың ҡайһыларын бер аҙ үҙгәрткән. Тик уйлап сығарыуҙар – реаль тормоштан. Һорау: Тел өҫтөндә нисек эшләйһегеҙ? — Быныһы иң ауыры. Һүҙҙәргә тарихи яҡтан килергә кәрәк. Һәр образдың характеры уның телен билдәләй. Әҫәрҙә һүрәтләнгән замандың телен яҡшы белеү шарт. 13 март. Бына Дилараның үҙе менән дә күрештем. Хатында рәсеме. Аудиторияға инеп, конвертты асыу менән миңә, әйтерһең, әллә ҡасандан бирле таныш күҙҙәр ҡарап тора. Хатта уңайһыҙланып киттем. Тиҙ генә тышҡа йүгереп сыҡтым. Ә тышта тамсылар тама. Күк йөҙө салт аяҙ. Бөтә тирә-яҡ – үтә күренеүсән зәңгәрлек. Ҡарт тополдең бөрөләнергә әҙерләнгән ботаҡтарында сыпсыҡтар сыр-сыу килә. Сәүкәләр сәүкелдәшә. Аяҡ аҫтынан мөлдөрәп ваҡ ҡына йылғасыҡтар ағып ята. Рәсемгә оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торҙом. Нисектер үҙемдән үҙем оялдым... Шулай ҙа минең кемделер бик яратҡым килә. 18 март, шаршамбы. Башҡортостанды, ниндәй ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, йөрөп сығырға кәрәк. Был уй хәҙер баштан сыҡмай. Иң беренсе маҡсат – нефть райондары менән танышыу. Әле бит минең нефтте күргәнем дә юҡ. Был Башҡортостандың бөгөнгөһө һәм киләсәге. Унан һуң көнсығыш һәм көньяҡ, шулай уҡ үҙәк райондарҙа булырға кәрәк. Маҡсат – тел һәм халыҡ ижадын, тормошон өйрәнеү, тәбиғәт менән танышыу. Бәлки, Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына ла сығырға тура килер. Халыҡтың һөйләшеү телен иғтибар менән өйрәнергә һәм фольклор йыйырға. Бынһыҙ инде мин йәшәй алмайым. Башҡортостанды үҙ күҙҙәрем менән ус төбөндә кеүек күреп торорға тейешмен. Бына, исмаһам, яҙырға ҡул ҡысытып торған дәфтәр! Инде тик шундай дәфтәргә яҙасаҡмын. Көн дә яҙырға! Ваҡыт һис тә булмағанда, бер-ике юл ғына булһын, яҙырға! Ә күпме ҡыҙыҡлы күренештәр яҙылмай һәләк була! Һуңынан башыңды ташҡа ороп ила, кире ҡайтара алмаҫһың. Күҙәтеүҙәрҙе теркәп барырға кәрәк. Беренсенән, был – күнегеү. Икенсенән, кәрәкле. Өсөнсөнән, үтелгәндәрҙе иҫкә алып, шул юлдарҙы асып ҡара әле! Ни тиклем ҡыҙыҡлы. Бөтә күңелең менән үтелгәндәргә ҡайтаһың. Яҡшы нәмәләрҙе хәтерләп рәхәтләнәһең. Хәҙер бына мәктәп яҙмаларын асып ҡараһам, йөрәк әллә нисек ашҡына башлай. Ни тиклем балалыҡ! Ниндәйҙер хуш еҫ бөркөлөп торған баҡсаға ингән кеүек булаһың. Дүртенсенән, яҙмаларың үҙ-үҙеңде тикшереү, үҫешеңә ярҙам итеү өсөн кәрәк. Ҡыҙыҡлы хаттарҙы ла теркәп барырға кәрәк булыр. Бына әле Виталий Буханов килеп инде. Һүҙ Даль һәм Ушаков һүҙлектәренә барып тоташты. Минең был һәр саҡ һөйләшә торған тема, һүҙҙәр, һүҙҙәр, һүҙҙәр! Минең аллаларым улар. Далдең һәм Ушаковтың һүҙлектәрен табыу – минең хыялым. Донъялағы иң, иң кәрәкле китаптар миңә былар. Ваҡыт барҙа бөтә Мәскәү букинистарынан эҙләп йөрөйөм мин уларҙы. Һаман тап иткәнем юҡ. Виталий үҙенең Ушаковы менән мине көнләштереп ҡуйҙы. Ә Далде осратып та алмаған! Мин философик һүҙлек тураһында әйткәс тә, мине был артыҡ ҡыҙыҡтырмай, ти. Күмәк йәшәү ҡыҙыҡлы. Әллә күпме яңылыҡ беленә. Ә кешеләр үҙҙәренең белгәнлеген күрһәтергә ярата. Шунан файҙалана белергә кәрәк. Бәхәсләшеүселәр, әлбиттә, бөтөнләй был турала уйламай. Ләкин бәхәсләшеү өсөн генә һүҙ көрәштергәндәр ҙә бар. Кирилл Ковальджи, Борис Никольский, Жора Тагиев бәхәс суҡмарҙары! Бына әле кис енси тормош тураһында бәхәс сыҡты. Ричард Донецкий башланы: — Нисек үҙеңде бындай тормоштан тыйып тотмаҡ кәрәк. Был бит аскетизм! – тип ҡысҡырҙы ятҡан еренән. – Бөтөн бер дискуссия! Ярай, был хаҡта үҙемдең бөтә фекерҙәрҙе имтихандарҙан һуң үҙемә генә һөйләрмен әле. Ә хәҙер – эш! Муйындан! Тау! Ике зачет ҡалды. Поспеловҡа – 19-сы быуат әҙәбиәте. Халтуринға – Мийво. Әле Виталий Мийвонан конспекттар һорап килгән. Ләкин минең конспекттан башҡалар файҙаланырлыҡ түгел. Даһи кисә Мостай Кәримдән хат алған. Мин быйыл Мостафа ағайҙан хат алманым. Шиғырҙарҙы ебәрһәм дә, нилектәндер өндәшмәне. Был мине бик борсой. Үпкәләге килә. Ләкин кәрәкһеҙ. Эшләргә лә эшләргә – иң яҡшыһы шул! Рафаэлдең (Рафаэль Сафин) открыткаһын алып, кисә бик күп хат яҙҙым. Диҡҡәт Бураҡаевҡа, Ләлә Биишеваға, Әлтәф Салауатовҡа (Ғафури районы), Дилараға (Дилара Зөбәйерова) һ.б. Ә «Совет Башҡортостаны»на «Кочжедо хаҡындағы һүҙ»ҙе ебәреп, Ғафаровҡа (редакторға) ҡыҫҡа ғына хат яҙҙым. Се Ман Иргә был тәржемәм хаҡында әйткәс, ҡулды ҡыҫып: «Рәхмәт. Миңә иҫтәлеккә бер данаһын бирерһең, йәме?» – тине. Ул был һүҙҙәрен шул тиклем балаларса әйтте, хатта мин «әллә бик бала булып күренәмме икән», тип, бер аҙ уңайһыҙланып та ҡуйҙым. Был беренсе тәржемәм минең. Уның баҫылып сығыуын бик күргем килә. Тәржемәнән үҙем әллә нисек ҡәнәғәтмен, яҡшы кеүек. Русса тәржемәнән дә көслөрәк кеүек. (Быныһы маҡтаныуҙыр инде!) Даһиға ла бик оҡшар һымаҡ. Уға ла уҡығы килә. Ә тәржемә миңә иҫ киткес байлыҡ бирәсәк икәнлеген бик асыҡ күрәм! Иҫ киткес файҙалы эш. Бөтөнләй башыңа килмәгән һүҙҙәрҙе эҙләйһең! Нәҡ үҙең яҙған һымаҡ. Үҙеңде үҫтереү, телеңде байытыу һәм үҙеңдә шиғыр культураһы тәрбиәләү өсөн тәржемә иң кәрәкле, иң файҙалы, иң ҡыҙыҡтырғыс һәм мауыҡтырғыс эш! Бынан кире был минең маҡсатым, девизым: тәржемә итеп өйрән, байы, тәрбиәлә үҙеңде! Мостафа ағайҙың тиктәҫкә генә тәржемә итмәгәне үҙемдең тәүге тәжрибәнән үк аңлашыла. Уның байлығының, һүҙ хазинаһының шишмәһе бына нимәлә икән ул!!! Хәҙер минең ҙур сер асылды! Туҡтайым да – тағы яҙам. Ниндәй сихырлы был дәфтәр... Тышта һибәләп кенә бөрсөк-бөрсөк ямғыр яуа. Мин ашханаға ашыҡтым. Һәр саҡ миңә һаулыҡ биреп китә торған ҡыҙ бик етеҙ велосипедта йөрөй. Ҡарлуғас һымаҡ йылғыр. Бик матур ҡыҙ. Минең иғтибар ныҡ уҡтала уға. Әлбириев Шәрифтең бәрәңгеһен ашаным. Ул уны яратмай. Миңә барыһы ла бата! Ысынлап та, мин ашауға Крылов кеүек! Миңә кешеләрҙең ашай алмауы ғәжәп күренә. Ә мин – трактор! Сәғәт 11. Үҙебеҙҙең дачаға атлайым. Дядя Сережаларға барғайным. Киске тынлыҡ. Күкһеллектә нескә генә алтын ураҡ булып ҡарағайҙарҙың ҡара шәүләләре араһынан йәш ай ялтырай. Әйтерһең дә, бөтә урманға ошо киске тынлыҡты ул яуҙырып тора! Мин сөскөрөп ебәрҙем. Бөтә ҡарағайҙар ҙа сөскөрөп ебәрҙе. Сәғәт 12. Төн. Айдоян да, Кирилл да, Боря ла ҡайтты. Кирилл менән Боря галактика, донъя йөҙө тураһында һөйләшергә тотондо. Был һәр саҡтағы тема. 28 май, шаршамбы. Кешеләрҙең аҡылдарын эсеп, иҫереп йөрөүҙәрен бөтә йөрәгем менән күрә алмайым. Бигерәк тә талантлы кешеләрҙең шундайҙарына асыу ҡайнай. Көсһөҙлөк был! Күңел бушлыҡтарын кешеләр шул ҡәбәхәт менән тултырып, үҙҙәрен һәләк итә. Бер ҡасан да үҙемде былай юғалтып эсмәйәсәкмен! Жуковскийҙы ҡайтып уҡырға керешкәйнем, булманы, Кирилл, Боря, Ричард шаулашалар. Шауламауҙарын һораным. Ә Кирилл (Ковальджи) миңә былай тине: «Твоя какая-то особая система жизни. Ты очень замкнутый человек. Эгоист. Не умеешь жить в обществе». Ысынлап та, әллә шулаймы? Ысынлап та, мин был баһаға хаҡлымы? Ниңә шул тиклем бәләкәйергә? Яуап бирә белмәнем. Саҡ үҙемде ҡулға алдым. Белинскийҙың Пушкин хаҡындағы икенсе мәҡәләһен уҡығанда, яҡтырғайны инде. Сәғәт 4. Тышҡа хәл алырға сыҡтым. Томан. Һалҡынса. Һандуғастар һайраша. 29 май, кесаҙна. Ҡояш! Салт аяҙ. Йылы. Институтта уҡып ултырҙым. Имтиханға оҙаҡ инмәй торҙом. Геннадий Николаевич ошо һорауҙарҙы бирҙе: 1) «Арзамас», 2) «Крылов мәҫәлдәренең үҙенсәлеге». Өҫтән тау төштө! Самба Люндун тапшыра алманы. Ершов Коля ҡыуылып сыҡҡан. Күсергәне өсөн. Георгий Исаев саҡ-саҡ ҡына яуап биргән. Сүриәнең хатын алдым. Яуап яҙылды. Кәйеф шәп. Ҡайтҡас та урманға ял итергә сығып киттем. Алыҫта күк күкрәй. Ҡарғалар ямғыр буласағын хәбәр итә. Төш мәлендә Мәскәүҙә ҡойоп яуҙы. Ә бында ҡоп-ҡоро. Кисә Көнбайыш әҙәбиәтенән Артамоновтың һуңғы лекцияһы булды. Лессингты үтеп туҡтаныҡ. Лессинг 18-се быуаттағы иң ҙур немец мәғрифәтсеһе. Немец абсолютизмына ҡаршы ялҡынлы көрәшеүсе. Ул рәсми мәҙәниәтте фашлап, үҙенең «Гамбург драматургияһы»нда теоретик фекерҙәрен әйтә. Француз классицизмына Шекспирҙы ҡаршы ҡуя. Ул был инглиз драматургын яңы театр өсөн көрәштә байраҡ итә. Лессинг француз мәғрифәтсеһе Дидроға бик яҡын. Уның теоретик трактаттары ижадының үҙәге булып тора. Даһи минең тумбочка өҫтөндәге газеталарҙы ҡарап ҡалды. Мин зарядка яһарға сыҡтым. Ҡояш! Күк йөҙө зәп-зәңгәр. Алма баҡсаһынан хуш еҫтәр аңҡый. Урман ҡоштар һайрауына сумған. Мин зарядка эшләп торғанда, Даһи сыҡты ла, эшләпәһен батырыбыраҡ кейеп: — Хуш, Рәми, – тине. ... Аҡрын ғына атлап китте ул. Нисектер йөҙө ҡараңғы, күҙҙәре нурһыҙ, күңеле буш булып күренде миңә. Бәлки, беҙ яҡшы дуҫтар була алмабыҙ. Кисәге урында Лессингка тотондом. Ләкин бик ашағы килә. Дүртенсе көн инде яҡшылап туйған юҡ. Икмәк менән сәй эскән булам. Кеҫәлә – 2 һум. Метроға ҡалдырҙым. Бына, уҡып ятҡанда, ике иҫеректе күрәм. Һыу тулып ятҡан соҡор эргәһендә сайҡалышып торҙолар ҙа алға атланылар. Ныҡлап ҡараһам, Ғабдулла ағай (Әхмәтшин) менән Даһи! Ғәҙәттәге күренеш. Ағай «Тальян гармун» менән бер рәттән, яҡшыраҡ пьесалар тыуҙырып өлгөргән булыр ине лә бит... Ә Даһиға ни ҡалған?! Беҙгә бергә булыу бик ҡыйын. Лессинг – Эмилия Галотти. Трагедия в пяти действиях. «Мы пишем глазами любви, и только глазам следует быть нашими судьями». 2 июнь. М. Морозовтьщ Шекспир сонеттары тураһындағы мәҡәләһен уҡыйым. Институтта Белге Аитов менән осраштым. Ситтән тороп уҡый. — Йә, нисек Ҡазан? – тип һораштым. Бик ҙур хикәйә яҙып килтерҙем, ти. Беҙ һөйләшеп ултырғанда, Ш. Мөдәррис килеп сыҡты. — Таныш бул: башҡорт егете, – тине Белге. — Беҙ таныш инде, – тип күреште Мөдәррис. Белге һәр саҡтағыса шаярып һөйләшә. Бер тигеҙ малайҙар булып һөйләшәбеҙ. Ул төҫө менән ысынлап та малай, үҙе оло ғына кеше инде. Хәрәкәтсән. Ҡаҡса. Һары йөҙлө. Һаҡал-мыйыҡһыҙ. Һөйкөмлө. Нисектер бик яҡын. Атай мәрхүмде хәтерләтә. Ҡайһы саҡта күңел тулып китә. Атайымды хәтерләһәм, мин үҙемде көслөрәк, тулыраҡ һиҙәм. Тулы, аҡыллы, аҙ һүҙле, ләкин күп эшләгән кеше ине ул. Уны белгән кешеләр һәр ваҡыт яратып һөйләйҙәр һәм миндә ниндәйҙер йылы ғорурлыҡ уяна... Белге бер яңылыҡ әйтте: Татарстанды һәм Башҡортостанды икешәр өлкәгә бүләсәктәр. Башҡортостанда Өфө өлкәһе һәм Стәрлетамаҡ өлкәһе булырға тейеш. Ҡыҙыҡ, уңайлыраҡ булыу өсөндөр инде... Бульварға инеп, «Совет Башҡортостаны»н ҡараһам, Шамилдың Назым Хикмәттән тәржемәләре бөтөн бер бит булып баҫылып сыҡҡан! Зәһәр! Үҙемдең шиғырҙар баҫылғандай шатландым. Ҡараһам, аҫта минең мәҡәлә ла бар: «Назым Хикмәт менән осрашыу». Уҡып сыҡтым. Минеке тиерлек хәле ҡалмаған. Елгәрелгән! Ҡоро газета һүҙҙәре. Күңелһеҙләндем. Мәҡәлә Назым Хикмәт менән тәүге осрашыу тураһында былтыр яҙылған ине. Поезда тәржемәләрҙе уҡып ҡайттым. Бына шиғырҙар, исмаһам! Назым Хикмәт – үҙ халҡының иң дөрөҫ тауышы! Бөтәһенән дә бигерәк «Тыуыу» шиғыры оҡшай миңә. Тулҡынландырғыс, йылы, көслө! Ни тиклем кешегә мөхәббәт! Бөйөк һөйөү! Горький һөйөүе! Ҡайтҡас, яңынан уҡып сыҡтым. Урманда. Ҡысҡырып. Бик асыҡтым. Маруся апайға индем. Ул күп итеп аҡ икмәк телде, күп итеп шәкәр һалды. Сәй ҡайнатырға иткәйне, көтөрлөкмө инде, йүгереп ҡоҙоҡтан һыу килтерҙем дә – туйындым. Киске 8-гәсә уҡыным. Аҙаҡ ашханала сәй эсеп сыҡтым. Бына инде сәйхур булыу! Һыҙғырынып ҡайтып килһәм, Ғабдулла ағай менән Даһи туҡтатты. Икеһенә лә ике ҡулды биреп күрештем. Еңеләйеп алғандар. Үҙҙәренән бик ҡәнәғәттәр. Диңгеҙ тубыҡтарынан! Йылмаялар. Буш һәм мәғәнәһеҙ был йылмайыу шатландырмай мине. Бәләкәй генә телдәре башҡа һыймаҫлыҡ нәмәләр һөйләй. Һүҙҙәр таҫма кеүек оҙон, ялҡытҡыс. Аҡыл һөйәкһеҙ телгә ҡол был саҡта. Башҡорттарҙың шулай булып йөрөүе бик ғәрләндерә мине. Тиҙерәк китергә ашыҡтым. — Һинең бөгөн мәҡәләң баҫылып сыҡҡан бит, ниңә әйтмәйһең? – тине Даһи. — Аҡса көт, ҡустым! – тине Ғабдулла ағай. Мин түҙеп тыңланым. – Нисә юл? Подвалмы әллә? Мәхмүтовтың нисә тәржемәһе? — Кем һуң ул Мәхмүтов? — Бар бында бер аспирант. Назым Хикмәткә специалләшеп ята. Маңҡа! Мин тертләп киттем. Йөрәккә хәнйәр ҡаҙалған кеүек. Киттем. — Мин һиңә барырмын әле. Көт. Бына хәҙер барырмын, йәме? – тине Даһи. Килмәне. Бүлмәлә шау-шыу. Һыу һибешәләр. Ха-ха-ха! 3 июнь. Эҫе. Йүкәләр аҫтында күләгәлә ултырып уҡыйым. Ғабдулла ағайҙы бөгөн дә күрҙем. «Һөйләштек». Минән аҡса һорай. Кис Сережа ағайҙарға түтәл ҡаҙыштым, ҡыяр сәстек. Маруся апай көндөҙ помидор ултыртты. Ҡарағаттар сәскә атты. Урмандың асыҡ урындары еләк сәскәләре менән күмелеп ята. Ҡайтыуға Боря институттан хат килтергән. Диларанан! (Зөбәйерова.) Шатланып конвертты асһам... Был ни эш? Аңламайым! «Рәми!... Хатыңды алдым... Ҡыҙғанам, һин кешеләр тураһында кеше аша ғына фекер йөрөтәһең икән. Ә беләһеңме, һине был ғәҙәтең тормошта бер нисә мәртәбә алдар. Ул тиклем бер ҡатлы булма! ... Йәшермәйем, күп нәмәләрҙе мин һинеңсә кисерә инем, шикелле, хистәр яғынан оҡшай инек, шикелле, беҙ. Яҡын итә инем. Кәңәштәр һорай инем. Ә хәҙер... Ярай, аҙыраҡ яңылыштым... Минең хистәрем әле бер нәмә менән дә бысранмаған!!! Мин эле бәхетле!!! Хуш. Шундай ҡараңғы ҡыҙ итеп күҙ алдыңа килтерһәң, мин һинең менән осрашмаясаҡмын!!! ... Хуш, миңә аҙ ғына таныш булған билгеһеҙ шәүлә!.. Әгәр ҙә минең хаттарым һаҡланһа, барыһын да яндыр. Янһын улар... Хәҙер ул хаттарға яҙылған һүҙҙәр мине ғазапламайҙар...» Эй, Дилара, Дилара!.. «Хуш, Дилара! Бәхетле булыуыңды теләйем. Кәңәшеңде тыңлармын. Ә шулай ҙа яңылыш аңлағанһың мине. Рәсемең өсөн рәхмәт. Сәләм менән «Билгеһеҙ шәүлә». P. S. Әгәр кәрәкле тапһаң, шиғырҙар һәм балалар тураһында һөйләшербеҙ. «Яҡын кеше итеүеңде» талап итмәйем. Бәлки, йылдар, юлдар ғына осраштырыр. Ҡурҡма». 4 июнь. Ҡояш. Эҫе. Миләш сәскә ата. Сәскәләре уҡмашып, тәлгәшләнеп ултыра. Киске тамаҡ ялғағандан һуң (бөгөн мин туҡ), Ғабдулла ағай менән һөйләшеп йөрөнөк. Барыһын да әйттем. 5 июнь. Болотло! Тәүге имтихан! Йөрәк ашҡына. Нисә йыл инде һынау бирәм, әммә һәр саҡ беренсе тапҡыр тапшырған һымаҡ. Яҡшылап зарядка эшләнем. Һалҡын һыу менән ҡойондом. Электричкала Шәриф Әлбириев, Петр Шевлоков менән барҙыҡ. Улар барғас та инде. Ә мин – юҡ. Бер ассистент ҡатын сығып: «Нисек инде былай мәктәптәгесә ултыраһығыҙ?» – тине. Мин ҡапыл тәүәккәлләнем. — Йә, теләһә ҡайһыһын, күңелеңә оҡшағанын һайлап ал, Ғарипов, – тиҙәр. Ситтәге билетты алдым. Тик мин оҙаҡ әҙерләнермен, тип иҫкәрттем дә алғы өҫтәлгә ултырып әҙерләнә башланым. Миҫалдарҙы Пушкиндар, Лермонтовтар, рус һәм башҡорт мәҡәл-йырҙарынан килтерҙем. Бер кемдекенә лә оҡшарға тейеш түгел улар. 9 июнь. Төштән һуң, Айдояндың сезонкаһын алып, Мәскәүгә киттем. Союздан аҡса ебәргәндәр. Ғабдулла ағайға, Даһиға, миңә – 490-шар һум. Әсғәттең хәле бик мөшкөл. Уға 100 һум. Исмаһам, имтихан мәлендә ҡаңғырмаһын. Рауилға (ҡустыһы) мәктәпте тамамлауына сәғәт алырға кәрәк. 309 һум. Галяға тыуған көнөнә Треневтың «Һайланмалары»н алдым. 15 һум. Нина Акимовналарға остом. Галя менән үбешеп күрешеүҙән баш тарттым. — Ҡайҙа ла мин башҡорт! – тинем. Көлөштөк. Бер сынаяҡ сәй эстем дә тиҙерәк ҡайтырға ашыҡтым. Рауилға сәғәт алыу эшен Нина Акимовна үҙенә алды. Иртә менән Даһи минең шиғырҙарҙы уҡырға килде. 10 июнь. Тарихтан беренсе киҫәкте уҡып сыҡтым. Кис Погодиндар баҡсаһына ҡыҙҙар волейбол уйнарға саҡырҙы. 11 июнь. Петр Беренсенән Александр Икенсегә килеп еттем. 1812 йылғы Ватан һуғышына еттем. Кис йәнә волейбол уйнаныҡ. Минән көлөп рәхәтләнделәр. Бына ун көн үтеп тә китте. Яҙырға мөмкин дә булманы. Юҡ, шулай ҙа мин ялҡау. Ярай, шартлайһыңмы инде. СССР тарихынан имтихан тапшырылды. Отличноға. Һорауҙар: 1. Образование русского национального государства. 2. Столыпинская реакция. Внутренняя и внешняя политика Столыпина. Марксизм-ленинизм нигеҙҙәренән һорауҙар: 1. Кооперативный план Ленина и его дальнейшее развитие И. В. Сталиным. 2. Перерождение бухаринцев в политических двурушников. Перерождение троцкистских двурушников в белогвардейскую банду убийц и шпионов. Злодейское убийство Кирова. Мероприятия партии по усилению бдительности большевиков. Күпме эшләргә тура килде. Бер ҡасан да әле имтихандарға шулай әҙерләнгән булманы. Бигерәк тә марксизм-ленинизм буйынса ныҡ ултырырға тура килде. Юҡһа, былтырғы «4» өсөн күпме йөрәк әрнеп йөрөнө. Курста күптәр имтихан бирә алмағас, мин бик ҡурҡтым. Режимды ла бөтөнләй үҙгәрттем хатта. Сәғәт киске 11-ҙән үк ятам һәм таңдан тороп эшләйем. Бына ҡасан ул эш ырай! Хәҙер гел шулай итергә тырышасаҡмын. Иртән бер кем ҡамасауламай. Урман хуш еҫе менән ҡойондора. Баш яҡшы эшләй. Арыу юҡ. Белеүҙән дә рәхәт ни бар? Уҡыйһың – беләктәреңә көс өҫтәлә хатта. Инде көнбайыш әҙәбиәтенән һуңғы һынау ҡалды. Кисен Погодиндар баҡсаһында волейбол уйнайбыҙ. Өйрәнеп киләм булһа кәрәк. Валяның Зоя мәктәбендә уҡығанлығын яңы ғына белдем. Уның менән дә мауығам, шикелле. Һәр кис күрге килеп тик тора. Тик һиҙҙермәйем. Күпме ҡыҙға ғашиҡ булдым мин... Үҙемде бер ҡыҙ тураһында ла уйламаҫҡа мәжбүр итеп ҡарайым... Ләкин был мөмкин түгел. Кемделер бик ныҡ, бик ныҡ яратҡым килә. Бер генә кеше тураһында уйлағы килә. Ғүмерлек юлдаш була алырлыҡ кешегә генә бөтә йөрәгем менән бирелгем килә. Ләкин ул юҡ. Юҡ ул кеше! Был ҡурҡыныс. Марияттан башҡа бер кемде лә шулай ярата алмам кеүек... Был көндәрҙә Сүриәнән, Диларанан, Кларанан хат алдым. Яуап яҙманым әле. Ләлә Биишеваға ла үҙ өҫтөндә эшләү хаҡында бик күп яҙғы килә. Яғымлы ул миңә. Янып, уйланып, дәртләнеп йәшәй торған ҡыҙ. Сүриәгә ни тиклем ҙур хат ебәрҙем, бер ни яҙмаған! Үҙе миңә барыһына ҡарағанда ла яҡын тағы. Башҡа класташтар ҙа һағындырҙы. Сәғәт төнгө 1-се ярты. Бүлмәлә бәхәс. Һүҙ форма менән эстәлеккә инеп китте. Урманға сығып, йүкәләр аҫтына урын йәйеп ятҡан инем, ямғыр яуа башланы. 22 июнь. Бынан ун бер йыл элек таңдан тороп, атай, әсәй һәм кескәй һеңлем менән колхоз айғырын егеп, һабантуйға, район үҙәге Салауатҡа киткән инек. Иҫ китмәле матур таң ине был. Мин күсер булып алда ултырам. Көрән айғыр йомшаҡ ҡына юрғалап, бышҡыра-бышҡыра алға елә. Илай торғас, мине әсәйемдәр беренсе ҡабат һабантуйға алып бара. Хыялға һыйҙыра алмаҫлыҡ һабантуй тантанаһы. Бәйгеләр. Көрәш. Төрлө уйындар. Халыҡ ни генә уйлап тапмаған. Бөтәһе лә байрамса. Төштән һуң ҡапыл кешеләрҙең йөҙө икенсе төҫкә күсте. Көтөлмәгән хәбәр Йүрүҙән буйындағы халыҡты лаулап ҡайнаған диңгеҙгә әйләндерҙе. Байрамдың эҙе лә ҡалманы. Ығы-зығы. Һыҡрау. Күп ирҙәр туп-тура военкоматҡа китте. Бөтә кешенең йөҙө шомло, ҡайғылы, нәфрәтле. Төштән һуң халыҡ үлек ерләп ҡайтҡан кеүек ауылдарға таралды. Юл ҡара йылғаға әйләнде. Шомлолоҡ бөтә тәбиғәткә лә күскән кеүек. Күк урманлы тауҙар киске эңергә төрөндө. Ҡояштың ҡыҙыл нурҙары ҡанға оҡшап бөтә ерҙе ҡыҙылға әйләндерә. Аттар кешнәшә. Бала-саға тауыштары. Ҡатын-ҡыҙҙар илауы. Ҡайғы диңгеҙе тәрән. Халыҡтың күплегенән, Йүрүҙән аша сыҡҡанда, кисеү быуылып торған һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр аттарын тәрән урынға төшөрөп, әллә ниндәй фажиғәләр булып бөттө. Атайым военкоматта ҡалды. Мин үҙем генә, ир кеше булып, әсәйем, һеңлемде ултыртып, көрән айғырҙы аҡрын ғына юрттырҙым. Һәр нәмә бөгөнгөләй күҙ алдымда. Бына шулай, ауырлығы беҙ бәләкәйҙәрҙең елкәһенә лә төшкән дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Атайым беренсе көндәрҙә үк үҙе теләп һуғышҡа китте. Кире ҡайтманы. Был һабантуй атайым менән һуңғы ҡабат бергә булған ваҡиға булып ҡалды. Бер таңда атайымдың мине йоҡлап ятҡан еремдән күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫып үпкәне һәм йылмайып: «Йә, улым, колхоз һиңә ҡала. Әсәйеңде тыңла, иркәләреңә ағай була бел. Һин инде хәҙер ҙурһың. Тырышып уҡы. Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ», – тип әйткәне минең күҙ алдымдан мәңге китмәйәсәк. Атайымдың йылмайған йөҙөнән тәгәрәп төшкән эре күҙ йәше битте һаман да яндырып торған кеүек. Ул тамсы минең бала йөрәгемә ялҡын булып тамды. Ул ялҡын мәңге һүрелмәйәсәк. Атайҙың яҡты иҫтәлеге минең йәнемдә һәр саҡ янып торасаҡ. Аҙ һүҙле, көнө-төнө эштән бушамаған, халыҡтың мөхәббәте менән йәшәгән атаның тормошо миңә үрнәк булып тора. Һуғыш инде артта. Өфө, мәктәп, детдом тормошо ла артта. Мәскәүҙәге яҡты көндәрҙең икенсе йылы ла йәшен кеүек ялтлап үтте. Һынауҙар ваҡыты – минең өсөн тормош һынауы ла. Үтелгәндәрҙең үкенесле булыуын теләмәйем. Хәҙер һуңғы имтихан ҡалды. Сәғәт 2-лә Вавилин, Али Кәримов менән урманда конспекттарҙы бергәләп уҡып яттыҡ. Кис – волейбол. Яҡшылар менән уйнаным. Насарҙар һәр береһе өйрәтергә тырыша, ләкин бер ни сыҡмай. Насарҙар араһында беренсе булғансы, яҡшылар араһында һуңғы булыу яҡшы. Кис «Тартюф»ты уҡыным да Даһиға киттем. Иртәгә иртән ҡайтып китә. Оҙатырға кәрәк. Мин барып ингәндә, сыуаш Макар, украинец Пальчик һәм Даһи Есенинды уҡып ултыра ине. Даһиҙың шиғырҙарын тикшерҙек. 23 июнь. Даһиҙы оҙаттым. Институтта хаттар килгән. Ләлә Туҡаеванан, Рауилдан (ҡустыһы), Гөлсөм Нәзметдинованан. Артыҡ нәмәләр юҡ. 24 июнь. Көн буйы уҡылды. «Дон Жуан», «Мизантроп». Үҙемде шул кешеләр итеп күҙ алдына килтерһәм, ҡурҡыныс. Бәләкәйһең, түбәнһең! Уларҙың сифаттарын тойоу ҡыйын. Ләкин был кисереш бик күп түбәнлектән ҡасырға, уларҙы үҙеңә яҡын килтермәҫкә өйрәтә. Кеше һәр саҡ алға ынтыла. Һәр саҡ үҙ-үҙе менән ҡәнәғәтләнмәй. Белгән һайын, уның күберәк белгеһе килә. Уға йылдар ҡосағында әллә ниндәй серҙәр йәшеренеп ятҡан кеүек тойола. Кешенең әллә ниндәй мөғжизәләр тыуҙырғыһы килә. Кеше мәңге көрәшкә һыуһай. Уның ғәҙәттән тыш бәхет менән ҡыуанғыһы, әллә ниндәй тәрән рәхәтлек менән ләззәтләнгеһе, әллә нисә күҙ менән күрелмәгән нәмәләрҙе күргеһе килә. Халыҡҡа ҙур, онотолмаҫ, юғалмаҫ бер эш эшләп ҡалдырғы, уның йылы һөйөүенә лайыҡ булғы, ғорурланырлыҡ улы булғы килә. Әллә күпме өмөт! Әллә күпме хыял! Алдыңда ҙур маҡсаттың ҡояштай янып тороуы бөтә тормошоңдо йылытып, нурға күмеп тора. Маҡсатһыҙ йәшәүҙән дә мәғәнәһеҙ тормош юҡ. Үтелгән юлды үкенмәҫлек итке килә. Мөмкин тиклем һәр көндән тейешле өлөшөңдө алып ҡалырға, уны киләсәктә башҡарасаҡ эштәр өсөн тупларға кәрәк. Үҙҙәренең бушҡа үткән көндәре өсөн ҡайғырмаған кешеләр бик ҡыҙғаныс миңә. Шәмем тирәһендә төн күбәләктәре әйләнә. Ниндәй йүләрлек: утҡа осоп киләләр ҙә – яналар! Ут – сәскә түгел шул. Тормошта ла шундай күренештәр булырға мөмкин. Сәскәне уттан айыра бел. 1 октябрь. III курс. Йыйылышҡа һуңламайым тип, йүгереп килеп ингәндә, Иван Завалин менән партбюро секретары Марков ҡаршыға осраны: — Һине комскомитетҡа һайларға билдәләнек, – тине Завалин. Яңы комскомитет һайланды. Барыһы – 9 кеше. Шуларҙың береһе – мин. Игорь Сеньков секретарь итеп һайланды. Диларанан, Гөлсөмдән, Хәкимйән Зариповтан (ҠДУ) һәм Таңһылыу Күсимованан хат алдым. Гөлсөмгә һоҡланып бөтә алмайым. Комскомитетҡа һайланыу шатлыҡ та, ниндәйҙер ҙур бер йөк тә. Ҡапыл мин үҙемде бик етди кеше итеп һиҙҙем. Башҡалар алдында яуаплы булыу нисектер миңә яңы көс индерҙе. 2 октябрь. Виктор Шкловский сюжет тураһында өсөнсө әңгәмәһен үткәрҙе. Семинар үҙенең быйылғы тәүге занятиеһын башланы. Унда Рафаэлде лә (Сафин) алып килдем. Ул әле бер кемгә лә беркетелмәгән. Үҙе беҙҙең Смирнов төркөмөнә теләй. Унда уға ҡыйын булыр һымаҡ. Сергей Лушник, Владимир Федоров, Володя Морозов, Володя Нарожнов, Вадим Зубарев үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Сергей украинса уҡыны. Мин аҙ аңлайым. Рафаэлгә Сергей Васильевичтың ябай булыуы бик оҡшаны. Семинарҙаң һуң Шакирға (Янбаев) Хәҙисәнән килгән посылканы барып алдыҡ. Уның паспорты теркәлмәгән әле. Шуға күрә аҡса-фәлән булһа, мин алып биреп торам. Хәҙисә менән Шакир араһында иҫ киткес матур дуҫлыҡ, ҙур мөхәббәт. Шакир үҙе балаларса иҫерек унан! Уларҙың мөхәббәте беҙҙең өсөн дә шатлыҡ. Миңә бигерәк тә. Әйтерһең, мин дә – Шакир. Посылканы алып ҡайтҡас, Рафаэлдең бүлмәһендә астыҡ һәм бөтәбеҙ ҙә бергә йыйылып, Шакир, Даһи, Рафаэль – Хәҙисәнең күстәнәсенән ауыҙ иттек. Алмалар, әллә ниндәй кәтермәстәр, шоколад һалған. Даһи иртәгәге докладҡа әҙерләнгән. Фадеевтың «Йәш гвардиясының икенсе баҫмаһы тураһында һөйләйәсәк. Бергәләп уҡып, тикшерҙек. Хәҙер бына ниндәй күмәкбеҙ инде! Күңелле! Ҡауыштыҡ! Инде хат аша ғына һөйләшә торған саҡ-суҡтар түгел беҙ. Шакир, Рафаэль, Рәйес – әҙәбиәт институтының тәүге курс студенттары. Инде бер ай уҡынылар. Ҡыҙыҡ егеттәр. Һәр береһе бер төрлө. Һәр береһендә һоҡланғыс яҡтар бар. Даһи менән, әлбиттә, мин күп һуғышам, ҡаршылашам. Әле бөгөн дә төкөшөп алдыҡ. «Совет Башҡортостаны»на МДУ-ны төҙөүсе Башҡортостан ҡыҙҙары тураһында бергәләшеп бит әҙерләнек. Даһи ойоштороусы булды. Мин «Өс һеңел» тигән очерк яҙҙым. Даһи бик ашыҡтырҙы. Тиҙ үк өлгөртөп бирҙем. Әсғәт фоторәсемдәрҙе лә өлгөрттө. Даһи уларҙы тиҙерәк Ғафаровҡа ебәрергә тейеш ине. Ләкин, үҙе яҙып өлгөрмәгәнгә, беҙҙекеләрҙе ебәрмәне. Партияның XIX съезы алдынан эшләнә торған эш өҙөлдө. Материал һуңланы. Мин ныҡ ҡына асыуландым. Үпкәләштек. — Билләһи, баҫыласаҡ, асыуланма инде, Рәми, бына күр ҙә тор – баҫыласаҡ! – ти Даһи, ҡулын биреп. Йәй көнө лә ул эште боҙҙо. Ул 1-се, мин 2-се курсты бөтөрөп, Башҡортостанға ҡайтҡас уҡ, Әсғәтте лә үҙебеҙ менән алып, Башҡортостан буйынса сәйәхәткә бергәләп сығып китергә тейеш инек. Был хаҡта ҡыш буйы һөйләшелде. Нисек булһа ла, алға ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә тейеш инек. Булманы! Даһи бер имтиханын бирә алмай, уны яңынан тапшырып та тормайынса, Өфөгә ҡайтып китте. Беҙ Әсғәт менән ҡайтып төшөүгә, ул инде «Әҙәби Башҡортостан»ға инеп ултырған – фольклор йыйыу тураһында уйлап та бирмәй. Беҙ икәүләшеп кенә сығып китергә булдыҡ. Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалынан эш алып сығып киттек. Йәй күңелле, файҙалы үтте. Беҙ ҡайтыуға Даһи әйләнергә лә өлгөрә һалған. Нураниәнән тәүҙә оҙаҡ ҡына хат килмәй торҙо. Даһи нишләргә лә белмәй йөрөнө. Һәр иртә һайын төштәрен һөйләне. Көндәрҙән бер көндө барыбыҙға ла шатлыҡ булды – Даһиҙың кәләшенең хаты килде! Даһи менән ҡаршылашырға тура килә икән, нишләйһең, яҙмыш бер. Йәшәйбеҙ бергә. Уның мин оҡшатҡан яҡтары ла бар. Күп сифаттары өсөн уға хөрмәт менән ҡарайым. Әле ул Али Карнайҙың «Беҙ ҡайтырбыҙ»ы буйынса пьеса яҙа. «Трагедия!» – ти үҙе. Дәртле тотондо. Һәр яҙғанын миңә уҡый бара. Нисек сығыр? 3 октябрь. Аслы-туҡлы йәшәгән көндәр. Даһиҙың да, Рафаэлдең дә, Рәйестең дә, Рәмиҙең дә хәлдәре хөрт. Бер Шакирҙы ғына йолҡҡолайбыҙ. Аҡсаны мин барыһынан да күп алам. Крылов исемендәге 480 һумлыҡ стипендия. Ләкин минең ҡулда аҡса ут – ҡулды бешерә. Йә терегөмөш – тотоп булмай. Росполиграфиздатҡа шылтыраттым. Ермаков иртәгә сәғәт 5-кә килергә ҡушты. Салауаттың шиғыр һәм йырҙар китабына яҙған мәҡәлә тапшырылды унда. Минең тәүге мәҡәлә-рецензия. Тәүге уҡыу көнөндә мине Серегин дирекцияға саҡырып, Росполиграфиздаттан килгән редактор менән таныштырҙы. Һәм бына мин бер 10–12 көнләп, Ленин китапханаһынан ҡайтмайынса, тәүге эште эшләйем: «Салауат Юлаев шиғырҙарының яҙмышы һәм уларҙың руссаға тәржемәһе хаҡында». Редакторға ул оҡшаны һәм уның кәңәштәре лә файҙалы булды. Киләсәктә эштәр алып торорға һөйләшеп килештек. Миңә теләһә ниндәй ҡара эште башҡарып өйрәнергә кәрәк. Рецензия күп нәмә бирәсәк. Кис Переделкинола яңы студсовет һайланыҡ. Шакир ҙа һайланылды. Студсоветҡа тиклем «Пушкин в воспоминаниях современников» тигән китапты уҡып ултырҙым. Спецкурсты ла Пушкин буйынса тыңлау өсөн С. М. Бонди группаһына яҙылдым. Быйыл Пушкинды ныҡлап өйрәнеү – төп маҡсатым. Әле уның миндә «Новые страницы Пушкина» тигән китабы ята. 13 ноябрь. «Марият (Шакирова)! Бәлки, һин тормошоңа әллә күпме күңелһеҙлектәр килтергән Рәмиҙе онотоп та бөткәнһеңдер. Минең был хат һиңә бер аҙ сәйер тойолор. Һин көтмәгәнһеңдер ҙә уны. Мин үҙемде һинең алда әллә ниндәй ғәйеп эшләгән кеүек хис итеп киттем... Был ваҡыт эсендә Күсәкбей ҙур үҫә, шулай ҙа әсәһен һағына, уны күргеһе килә. Ошо теләк менән, иҫке-моҫҡо кейем кейенеп, әсәһе торған ауылға бара. Йәмилә өйҙә яңғыҙ ултыра. Күсәкбей килеп инеп хәйер һорай. Йәмилә ойотҡан ҡойоп бирә. Күсәкбей ҡатыҡты өс өлөшкә бүлә лә ике өлөшөн ашап, бер өлөшөн ҡалдырып сығып китә. Йәмилә улын танымай. Ҡараҡоломбәт ҡайтҡас, уға үҙҙәренә инеп сыҡҡан хәйерсенең ойотҡанды өскә бүлеп, ике өлөшөн ашап, бер өлөшөн ҡалдырып китеүен һөйләп бирә. Быны ишеткәс тә, Ҡараҡоломбәт нимәлер булаһын белеп, бошона, ҡайғыра башлай. Күсәкбей 150 батырҙан торған ғәскәр йыйнап, ҡоралландыра. Күп тә үтмәй, Ҡараҡоломбәткә ҡаршы яуға сыға. Ҡараҡоломбәт ырыуында бер генә йәнде лә ҡалдырмайым, бөтәһен дә ҡырып бөтөрәм, ти ул. Юлда осраған һәр бер кешене, хатта малдарын да ҡыра бара. Ҡараҡоломбәт ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, һуңғы сиктә ҡасып йәшеренә. Күсәкбей, бөтә йәндәрҙе ҡырып бөтөп, Ҡараҡоломбәт ауылына килә. Ҡараҡоломбәтте эҙләп табырға ҡуша. Ауылдан алыҫ түгел ырҙында 13 йәшлек ҡыҙ бала тап була. Күсәкбей уны үлтерергә йыйынғанда, ҡыҙ һүҙ башлап: — Батыр, үлтермә мине. Мин һигеҙ йәштән алып Ҡараҡоломбәттең һарыҡтарын көтәм. Мин һеҙгә Ҡараҡоломбәттең йәшенгән урынын әйтәм: ул ана ырҙын аҫтында йәшеренде, – тигән. Күсәкбей ырҙын эргәһенә барып, ҡулдарын бөйөрөнә таянып баҫҡан да: — Ҡараҡоломбәт, сыҡ! – тип ҡысҡырған. Ҡараҡоломбәт килеп сыҡҡас та сисендергән, танауын тишеп еп үткәрткән. Яланғас килеш ҡара һыйырға артҡа ҡаратып мендереп, Ҡыпсаҡ ырыуына табан алып ҡайтып китә. Ҡыпсаҡ ырыуындағы бейек түбәле тауға мендерә. Быға тиклем әле һарағыға килтереп, унан бер йылға буйында ҡара һыйыр үлеп ҡала. Йылға Ҡараһыйыр тип атала. Унан һуң ҡыҙыл һыйырға атландырып, Һарағыға кире килтерә. Йәйләүҙәрҙә кеше күрһен, тип Өмбәткә килтерә. Өмбәттән Иҙел аша Байназарға сығарып, эргәһендәге шул бейек тауға мендереп, Ҡараҡоломбәтте ҡоро ҡаҙанға һалып ҡура. Ҡурылған ваҡытта сыҡҡан тоҙлоғон (майын) бармағы менән ялай. — Атайымдың ҡонон алдым! – ти Күсәкбей. Тауҙы хәҙер Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтәләр. Тауҙың башында, имәнлек араһында, ҡаҙып ултыртҡан таштары ята. Ҡараҡоломбэттең хурлыҡҡа сыҙай алмай, ҡара һыйыр өҫтөндә Күсәкбейгә: «Мине ыҙалатҡансы, атай, сал!» – тигән урынды Атайсал яланы тип атап йөрөтәләр. Күсәкбей, Ҡараҡоломбәтте ҡыйратҡас, уның ҡасып барған бер улын ҡыуып тотоп тормаған: — Ярай инде, ҡалһын әйҙә бер йән! – тигән. Ана инде бер йән теге көтөүсе ҡыҙ менән бергә тороп, уларҙан хәҙерге Бөрйән кешеләре таралған. Бөрйән бына шулай бер йәндән килеп сыҡҡан. 15 ноябрь. «Ҡәҙерле туғандарым Зараб һәм Рәмзиә, һеҙ миңә тик шуның менән генә ярҙам итә алаһығыҙ, тик шул ғына миңә һеҙҙең иң ҙур һәм иң матур, онотолмаҫ ярҙамығыҙ буласаҡ – яҙығыҙ минә үҙегеҙҙең эшегеҙҙе, бөтә ишеткән мәҡәл һәм әйтемдәрҙе яҙығыҙ. Мин уның халыҡта күп икәнен беләм. Әлбиттә, һеҙҙең үҙегеҙгә генә эшләү бик ауыр. Ләкин бер юл бар: был эште һеҙ балаларға өйрәтегеҙ. Улар фольклор менән ҡыҙыҡһын. Дәрестән тыш итеп был эшкә тәртипле рәүештә күндерегеҙ. Һеҙҙең программаларҙа һәм педагогик мәҡәләләрҙә был эшкә иғтибар ителмәй. Бик ҡыҙғаныс. Ә бит был, Ушинский әйткәнсә, баланы күп нәмәгә өйрәтә, уны халыҡ эше өсөн тәрбиәләүҙә иң кәрәкле сараларҙың береһе. Фольклорҙың тәрбиәүи йоғонтоһо баланың аңына ла, тойғоһона ла, хыялына ла, теленә лә иҫ киткес ҙур. Халыҡ аҡылы ҙур оҫталыҡ, тәрән тойғолар, сикһеҙ хыялдар менән кешенең бөйөк образын тыуҙырған. Тапҡыр теле менән халыҡ бик күп быуаттар буйы дөрөҫлөк һәм ғәҙелһеҙлек, белем һәм наҙанлыҡ, бәхет һәм нәфрәт тураһында һөйләп килгән. Уның нигеҙенә быуаттар буйы халыҡтың яҡты тормошто яулау көрәше һалынған. Мәҡәлдәр – халыҡтың алтын аҡылы. Тәрбиә фәненең, педагогиканың башы – фольклорҙа. Бөтә нәмәнең башы – халыҡ аҡылында. Мин бөтә йөрәктән һеҙҙең тәрбиә эшегеҙҙә халыҡ ижадына иғтибар итеүегеҙҙе теләйем. Ул – көслө һәм ватылмаҫ, иҫкермәҫ ҡорал. Сәләм менән туғанығыҙ Рәми». 1 декабрь. «Дилара! Һинең «көндәлек дәфтәрең»де яратып, рәхәтләнеп уҡыным. Ул, бәләкәй генә булһа ла, ҙур тормош дәфтәре. Тормоштан да матур нимә бар?! Һинең уға шундай мөхәббәтең дә булғас, һин ҡарап туймаҫлыҡһың! Шаянһың, күңеллеһең, яғымлыһың һин, Дилара апа! Мин тырышырмын, Дилара апа. Һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышырмын. Мин беләм: һеҙгә минең яҡшы уҡыуымды күреү йырҙан да рәхәт. Һеҙ иң матур шатлыҡ менән ҡыуана беләһегеҙ. Шундай кеше башҡаларҙы ла һөйөндөрә. Шундай кешеләр булғанда, төрлө ауырлыҡтар осрағанда ла тормош – яҡшы! Яҡшы бит, Дилара апа! Ҡыш та, яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә яҡшы!.. ... Беҙҙә хәҙер ҡыш. Мавзолей эргәһендәге шыршыларҙың ботаҡтарына көмөш төҫтәге тәүге ҡарҙар түшәлгән. Энәләргә шундай рәхәт, шундай йылы. Ботаҡтарҙың һәлмәк кенә эйелеберәк ауырайып тороуында ниндәйҙер ғәҙәттән тыш бер матурлыҡ бар. Тәүге балаһы тыуасаҡ йәш әсәнең матурлығы бар ауырайып тороуҙа! Бындай әсәне күрҙем мин һәм уның ғорур матурлығына Горький кеүек һоҡландым. Быға тиклем мин әсәгә яратып, хөрмәтләп ҡараһам да, уның шул тиклем гүзәллеген белмәй инем. Кисә генә тойҙом мин уны бөтә йөрәктән. Нимә етә әсә булыуға! Бит ул тормошто төҙөүсене, уны йырлаусыны тыуҙыра! Ул кисә студенттар кисәһенә килгән ине. Үҙе лә студентка ғына әле. Инде һуңғы йылы. Унан һуң ул, үҙенең нефтсе инженеры яғына ҡайтып, балалар уҡытасаҡ. Ә хәҙер ул минең ауылдаштың ҙур шатлығын уртаҡлаша. Әкрәм (Закиров) дипломын отличноға яҡлаған. Диплом эше нефть эшкәртеүгә ҙур ярҙам итәсәк, тигән Мәскәү ғалимдары. Минең ауылдашты Туймазыға ла, үҙебеҙҙең филиалға ла саҡыралар. Мин тәүҙә Туймазыға бар, унан «аспирантурала уҡыуың Башҡортостан өсөн файҙалыраҡ булыр», тинем. Беҙ йырлаштыҡ, бейенек, көлдөк, иҫерҙек хатта. Тик мин бейемәнем. Әсә буласаҡ кешенең бейеүенә минең иҫем китте. Уны иң тәүҙә бейетеүҙәренә эстән генә нисектер ҡурҡыбыраҡ, риза булмай ултырҙым. Ә ул күбәләктәй еңеллек менән, аяғы ергә теймәй бейене! Бейеүендә ниндәйҙер бер һаҡлыҡ та бар. Был һаҡлыҡта яуаплылыҡ ҡына түгел, мөхәббәт тә йәшәгәнен мин, әйтерһең, әсә кеше кеүек аңланым. Был мөхәббәтте һис бер һүҙһеҙ нефтселәр ҙә, педагогтар ҙа, юристар ҙа, консерваториянан килгән йырсылар ҙа, мичуринсылар ҙа, тәнҡитсе Ғайса ла – бөтә башҡорт студенттары ла аңланылар. Йырсы Хөсәйен, кисәнең етәксеһе, тост күтәреү өсөн миңә һүҙ бирҙе. Бик ҡаушаным. Әйтер һүҙҙе әйтә алмай торҙом. Ә күҙ алдыма Әкрәмдең бөтә үтелгән юлы килеп баҫты. Ә ул көтөүсе ине. 9 декабрь. Комсомол комитеты ултырышы булды. Алексей Ласуриа менән Крахмальникованың шелтәләрен төшөрҙөк. Рус булмаған студент группалары тураһында һөйләшеү булды. Дәреслектәребеҙ – мәктәп китаптары! Ҡайһы бер студенттар тырышмай, дәрескә әҙерлекһеҙ йөрөйҙәр йә бөтөнләй лекцияға килмәйҙәр. Һүҙлек алып бармайҙар. Тел өйрәнеүҙә һүҙлекһеҙ эшләп булмай. Ҡайһы берәүҙәр әҙәбиәтте бик аҙ уҡый. Бөтөнләй уҡымағандар ҙа бар. Әхмәтов Фируз быйыл тик Сельвинскийҙың лирикаһын һәм Тихонов шиғырҙарын ғына уҡыған! Яҙыусы! Программа материалдарын ғына уҡыусылар бар. Күптәр китап өҫтөндә эшләй белмәй. Үҙ алдыңа эшләй белеү – иң кәрәклеһе. Рус иптәштәр яңылыш һөйләүселәрҙе төҙәтмәй. Һүҙҙәрҙең баҫымдарына иғтибар юҡ. Рус телен өйрәнеү – һәр милләт студенты өсөн талапҡа әйләнергә тейеш. Шағирҙар – тик шиғыр, прозаиктар тик проза ғына уҡый. Улай ярамай. Жора Исаев үткән комскомитетта отчет бирергә тейеш ине, ләкин үҙе билдәләгән көнгә килмәне. Тәртип боҙа. Эшендә ныҡышмал, эҙмә-эҙлекле түгел. Йыйылыштарҙа яндырғыс телмәрҙәр тота, аҙаҡ һүнә. Жора шым ғына ултырҙы. Йыйылыш алдында дөйәләй ине, хәҙер төймәләй генә ҡалды. Һөйләшеү файҙалы булһа кәрәк. 11 декабрь, кесаҙна. «Марксизм-ленинизм классиктары әҙәбиәт тураһында» тигән темаға теоретик конференция тамамланды. Ижади семинарҙа Иван Ганабин шиғырҙары тикшерелде. Поезда ҡайтҡанда «Совет Башҡортостаны»нан Ж. Кейекбаевтың «Һөнәр диалекты» тигән ҙур мәҡәләһен уҡып ҡайттым. Тел мәсьәләһенән ситтә булған проблемалар ҡатышһа ла, мәҡәлә ҡыҙыҡлы. Ул күтәргән башҡа мәсьәләләрҙең береһе – күрше өлкәләрҙәге башҡорттарға мәҙәниәт ярҙамы күрһәтеү. Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты тураһында мөһим фекерҙәр бар. Тик был туралағы мәсьәләне айырым бер мәҡәләлә күтәреп сығырға кәрәк ине. 12 декабрь, йома. Горький буйынса спецкурстың семинарын бөтөрҙөк. Казарян «Горький һәм әрмән әҙәбиәте» тигән темаға аҡыллы доклад яһаны. Горький күп башлап яҙыусылар менән бәйләнештә торған. Уның Т. Ахумянға яҙған хаты ҡыҙыҡлы. Рус матбуғатында шиғырҙары баҫылғас, Ахумян бер саҡ Горькийҙан открытка ала: «Летопись» журналы адресына минең исемгә, зинһар, шиғырҙарығыҙҙы ебәрегеҙ. А. Пешков». Ахумян, әлбиттә, шулай эшләй. Бер аҙҙан Горькийҙан хат ала: «Әлбиттә, һеҙ яҙырға һәм күп яҙырға тейеш. Әммә шул тиклем үк һеҙгә тормошҡа яҡын булыу зарур... Үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ, ә бөтә донъяны үҙегеҙгә туплағыҙ. Тормоштоң ағыуы күп, әммә унда бал да бар – шул балды табығыҙ. Ҡоро лирик ҡына булмағыҙ, йәнегеҙҙе үҙегеҙҙең ҡулдар менән төҙөгән ситлеккә бикләмәгеҙ, сатирик, прозаик, ғәҙәттәге шат бер кеше булырға ла батырсылыҡ итегеҙ. Бөтәһен дә алырға һәм кешеләргә бирергә кәрәк. Замандың күпселек йәш шағирҙары кеше аяғы баҫмаған утрауҙарҙа, тормоштан һәм уның хаосынан ситтә йәшәй. Был, әлбиттә, ысынбарлыҡ сыуалышында йәшәүгә ҡарағанда, еңелерәк тә, уңайлыраҡ та. Әммә үҙ-үҙеңде ярлыландырыу, урлау был. Робинзон булырға кәрәкмәй. Йәшәргә – шауларға, көлөргә, әрләшергә, яратырға кәрәк. Әлегә табылмаған нәмәне – яңы һүҙ, яңы рифма, яңы образдар табырға кәрәк. Шағир – ул донъя шаңдауы, ә үҙ күңелен генә туйындырыусы түгел. Бына шулай. Һеҙгә иң һәйбәт теләктәр менән А. Пешков». 1934 йылда Ахумян Горькийҙың Мәскәү эргәһендәге дачаһында була. Горький уны шатланып ҡаршы ала: «Бына һеҙ ниндәй! Һеҙҙе мин тап ошолай... оҙон буйлы итеп күҙ алдыма килтергәйнем дә. Эйе, мин күптән иғтибарға алдым, оҙон кешеләр лирик була. Мин дә шундай инем... Һәм күптәрҙе беләм – Ромэн Роллан, Чехов... Аҙаҡ тормош килтереп һуға, һыныңды бөкләй...» Ахумяндың нимә өҫтөндә эшләгәнен белешеп, Горький уға ошондай кәңәш бирә: «Төрлө яҡҡа ташланмаҫҡа өйрәнергә кәрәк. Сәнғәт быны яратмай. Ул көнсөл...» Горькийҙың Әрмәнстан һәм әрмән халҡы тураһында әйткәндәре лә йылы һәм йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр: «Һеҙҙең илегеҙ хозур! Мин һеҙҙең тауҙарығыҙҙы күрҙем – ғорурҙар! Кешеләре лә шундай уҡ! Бынамын тигән кешеләр! Уларға ауыр яҙмыш насип булған, әммә улар үҙ ҡайғыһын хаяһыҙҙар донъяһынан йәшерә белә, йырлай алалар. Һеҙ ҙә шундай уҡ булығыҙ! Көлөгөҙ, йышыраҡ йырлағыҙ – дошмандарға һәм ҡаршылыҡтарға үс итеп! Күңелегеҙ, йөрәгегеҙ менән йәш булығыҙ! Йәшлек – ул ҙур нәмә!» Бөгөн Ермиловтың Гоголь тураһында китабы тикшерелә. Гоголь халыҡсан. Тормош дөрөҫлөгөн асыусы. Халыҡ поэзияһын, ижадын бөтә йөрәктән тоя белеүсе. Үҙенә генә хас комизм менән халыҡ фажиғәһен күрһәтеүсе Гоголдә шул тиклем тәбиғилек, ябайлыҡ, һоҡланырлыҡ матурлыҡ бар. Уның әҫәрҙәрен уҡығанда, ҡапыл ғына бер тойғонан икенсеһенә күсәһең. Әле генә шатланһаң, ҡапыл моңһоу була. Ул халыҡ аҡылының тапҡырлығы менән көлә белә. Гоголь йырлай. Гоголь лирик. Гоголь теле – йыр. Уның көлөүе – халыҡ көлөүе. Бөтә әшәкелектән юғары торған көлөү. Унда киләсәккә өмөт арҡаһын баҫып торған ғазап тауын дер һелкетеп ауҙарып ебәрерлек көс бар. Был көс – Гоголь көсө. Ул рәхимһеҙ тантана менән ҡәбәхәтлектән, түбәнлектән көлә. Ермилов китабының етешһеҙлектәре: авторға һәр саҡ дөрөҫ тон һаҡлау етешмәй. Ул Гоголдең идея ҡаршылыҡтарын да томалап ҡалдыра. Гоголде революционер яһап ебәреп, дөрөҫ булмаған юлға төшөп китә. Бының менән ул юбилей мәҡәләләренә яҡыная. Ермиловтың раҫлауына ышанғанда, Гоголде иҙелгән халыҡ йырсыһы итеп күрергә тейеш булабыҙ. Был дөрөҫ түгел. Гоголдең ҡаршылыҡтарын томалаған хәлдә, беҙ Белинскийҙың уға яҙған хатына ышанмаҫҡа тейешбеҙ. Гоголдең, бөйөк художниктың, реакцион фекерләүсе икәнлеген дә инҡар итәбеҙ. Ярамай. Әлбиттә, Ермилов китабы Гоголь тураһындағы бүтән хеҙмәттәрҙән күпкә өҫтөн. Ул һәр саҡ уҡыусыны тоя. Китапта Белинскийҙың Гоголгә яҙған хаты булмауы ғәжәпкә ҡалдыра. Ә был хаттан башҡа Гоголь тураһында тулы һөйләп булмай. Ермиловтың лакировкаһы уның Чехов хаҡындағы китабында ла бар. Ул Чеховты революционер яһай. Ә беҙ уның революциянан алыҫ тороуын яҡшы беләбеҙ. Чехов – демократ. Һуңғы көндәренә тиклем шулай була. Ә быға күҙ йоморға кәрәкмәй. Беҙҙең институт үҙ баштары менән уйлай торған әҙәбиәтселәр үҫтерә. Казарянға ҡарайһың да әрмән әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынаһың. Арнольд Тамм менән беҙ беренсе курстан уҡ фекерҙәштәр. Эстон халҡын уның аша күрергә теләйем. Ул үҙ халҡының бөтә яҡшы сифаттарын үҙендә йыйған кеүек. Тыныс ҡына, ләкин үҙендә әллә күпме тынғыһыҙ фекер йөрөтә! Вадим Зубаревты тыңлау һәр саҡ ҡыҙыҡ. Фекер йөрөтөүе аҡыллы. Ғөмүмән, мин кешеләрҙе күҙәтеүҙән рәхәтлек табам. Ләкин үҙемә иң яҡын булған бер дуҫымдан ҡәнәғәт түгелмен. Һәр бер һөйләшеүендә, хәрәкәтендә, минең кем икәнде күрһендәр, тип үҙенең ҙурлығын белдерергә тырышып, йөк өҫтөнә менеп баҫҡан ҡырмыҫҡа ҡыланышын күргән кеүекмен. Быны күреү ауыр һәм уңайһыҙ. Шиғыр башын әйләндерҙе егеттең... Барыһы ла яһалма, ят. Был ҡыланыштары мине дуҫымдан кәртәләп, ситкә этеп торған япма. Үҙе быны тоймай. Әйткәнде ауыр ҡабул итә. Ә ул үҫергә һәләтле һәм өмөтлө. Уйлай, ҡайғыра, шатлана белә. Рәйес (Низамов) асыҡ, ябай, тәбиғи, бер ниндәй позаһыҙ. Уға үҙеңдең бөтә етешһеҙлектәреңде, күңел еңдәге бөтә нәмәне һөйләге, уртаҡлашҡы килә. Донъяла бөтә нәмәңде юғалтҡанда ла, кешелек намыҫыңды юйма, тим үҙ-үҙемә, бәләкәй кешегә әйләнмә, ҡәҙереңде төшөрмә. Әлбиттә, тормош еңел нәмә түгел, әммә уны үҙең ауырайтыу кәрәкһеҙ. Кешеләрҙән ниҙер талап итер өсөн, үҙеңә ҡарата иң киҫкен, иң ҡаты талап ҡуйырға кәрәк. 13 декабрь, шәмбе. Институтҡа Нина Акимовна килде. Ишектән уның кереп килгәнен күреп, ырғып торҙом да ҡаршы сыҡтым. Ул бөтә кеше алдында ҡосаҡлап алды. Уңайһыҙландым. Сумкаһынан буятылған бәшәй, бейәләй сығарҙы, йыуылған ҡулъяулыҡ менән кеҫәләгеһен алмаштырҙы. Уның һағынып, әсә кеүек килеүе мине бик тулҡынландырҙы. Ҡыҙы Галя тураһында һорашырға ла өлгөрмәнем, звонок. Раздевалкаға төшөп, пальтоһын кейҙерҙем дә оҙатып ебәрҙем. Шишәмбе килергә ҡушты. Әсғәт тә (Әшрәпов) киләсәк. Уны күптән күргән юҡ. Бурысҡа 25 һум алып, Кузнецкий мостҡа, китап магазинына киттем. Мөсәлиә Ғәлиевнаның (профессор М. Хәйруллина) тыуған көнөнә (15 декабрь) М. Кәримдең «Һайланма әҫәрҙәр»ен бүләк итергә уйлаһам, бөткән. Аптыраным – Мәскәүҙә лә уҡыусылар күп икән! Әхмәт Фәйзиҙең Туҡай тураһындағы романын, Ғ. Камалдың II томын, Һ. Таҡташтың йыйынтығын, татар йәштәренең китаптарын алдым. Мөсәлиә Ғәлиевналарға киттем. Клара Булатовна ғына өйҙә ине (ул Булат Ишемғолдоң ҡыҙы, аспирантурала, педагог, 1951 йыл Өфөлә бер вагонда ҡайтҡанда таныштыҡ). Мөсәлиә Ғәлиевна ҡайтҡас, баллап сәй эстек. Унан мин йәй йыйған фольклор материалдарымды – мәҡәл, әйтемдәрҙе, Брагин ташы легендаһын, Күсәкбей тураһында һәм «Орсоҡ», «Ғүмәров», «Йәтим ҡыҙ меҫкен Хәтирә», «Шаһибәрәк» йырҙарын уҡыным. Бик ҡыҙыҡһынып тыңланы Мөсәлиә Ғәлиевна. Проза яҙырға кәрәк һиңә, тине. Ниндәй ҡыҙыҡ тормош: әле генә мин уның дәрестәрен тыңлап ултыра инем. Ярата һәм бер аҙ ҡурҡа ла инем. Ә бөгөн апай менән ҡусты кеүекбеҙ. Урмандан йырлап ҡайттым. Дилараға рәсемде ебәрҙем. 14 декабрь, йәкшәмбе. Политэкономия бик ауырға әйләнеп бара. Аңламайым. Иван Федорович Сорокин йүләрерәк ҡарт. Һорау бирһәк, яуап ҡайтармай, ҡыҙып китә, лекциянан ҡыуып сығара. «Пионер» журналы өсөн «Салауат батыр»ҙы тағы бер ҡат эшләп, Шәриф Бикҡолға хат яҙҙым. Практикаға унда ҡайтырымды әйттем. Хәҙер ятам да һүҙлек уҡыйым. Төнгө сәғәт 2. 15 декабрь, дүшәмбе. «Капитал»ға тотонорҙан алда Сталиндың «СССР-ҙа социализмдың экономик проблемалары»н ныҡлап уҡып сығырға булдым. Зачеттар, имтихандар башлана. 16 декабрь, шишәмбе. Тәүге лекция – политэкономия. Бер аҙ аңлайым. Артомонов Шелли тураһында һөйләне. Шеллиҙы эҙмә-эҙлекле материалист итеп ҡарауға һағыраҡ килергә кәрәк. Ул – пантеист. Бөтә нәмәне иркәләүсе мөхәббәт алдында баш эйеп, көрәштән ситкә китә. Бөтә шиғырҙары ла тиерлек абстракт фәлсәфәнән тора. Танылған поэмаһы – «Аластор». Төп әҫәре – «Прометей». Прометей – гректар тыуҙырған героик образ. Эсхилдың бына тигән Прометейы бар. Шелли нимә өҫтәй Прометейға? Яңы заман Прометейы физик ғазап ҡына түгел, рухи ыҙалар ҙа кисерә. Ул йөрәгенә килеп инеүсе бысраҡ тойғолар менән көрәшә. Гетеның Фаусты мәңге эҙләнә, аҙаша, көрәшә, йәшәүҙең мәғәнәһен ошонда күрә. Шеллиҙың Прометейы иһә рухи яҡтан зәғифләнә, үлемде саҡыра. Ләкин ул килмәй. Был уға – бәхетһеҙлек. Шелли Прометейы шундай һығымтаға килә: донъяла иң яҡшыһы – мөхәббәт. Һәм ул Азия исемле ҡыҙҙы ярата. Мөхәббәт уны яңынан тергеҙә. Прометей азат булып, Азия менән Кавказ тауҙарына күсеп китә. Бөтә нәмә өҫтөндә мөхәббәт балҡып тора башлай. Был ут кешегә кешелекле мөхәббәт менән яна. Шеллиҙың тарихи әҫәре – «Ченчи» трагедияһы. XVI быуат. Италия. Ҡарт Франциско Ченчи – бай дворян һәм бик боҙоҡ. Үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын ғазаплай. Үҙенең 18 йәшлек ҡыҙы Беатриченың намыҫына тейә. Был тарихи, тормошта булған ваҡиға. Был ҡәбәхәтлекте ул үҙенең ҡатыны алдында эшләй. БАЙРОН (1788–1824) Шеллиҙың дуҫы, бәхәсһеҙ, бөйөк шағир. Шекспир һәм Мильтондан ҡала өсөнсө бәһлеүән. Байрондың олатаһы донъя әйләнә сәйәхәт яһаған адмирал, ҡыйыу диңгеҙ бүреһе. Атаһы ике ҡатынға өйлэнэ. Тәүге ҡатынын иренән тартып ала. Икенсеһенә ҙур байлығы өсөн әйләнеп, уны тәләфләп бөтөргәс, үҙен-үҙе үлтерә. Байрондың әсәһе Стюарттарға яҡын Гордондар нәҫеленән. Әсәһе лә үҙ-үҙен үлтерә. Ул улын бик яратһа ла, уны ғазаплай: әрләй, туҡмай. Бына ошондай тәрбиә алған Байрондың холҡо тигеҙ булмай. Ялҡынлы ярата, ялҡынлы күрә алмай. Ләкин ябай, ярлы халыҡҡа юғарынан ҡарауҙы иң ҙур түбәнлек һанай. Ул бик матур була. Бөтәһен үҙенә һоҡландыра. Үҙенең замандаштарында ул шиғриәте менән генә түгел, шәхесе менән дә иҫ киткес тәьҫир ҡалдыра. Уға антик матурлыҡ, ҙур аҡыл юлдаш була. Стендаль, Пушкин уны ныҡ тәнҡитләһәләр ҙә, яраталар. Бонди «Граф Нулин» тураһында һөйләй. Был Пушкиндың замандаш тәнҡитселәренә талаш өсөн ырғытҡан шаян поэмаһы. Надеждин Пушкиндың был әҫәрен, әҙәбиәтте мыҫҡыл итеүсе поэма, тип атай. Граф Нулин – французлыҡҡа төрөнгән рус. Был шул заманда киң таралған күренеш. Булавка, лорнет, эшләпә, зонтиктарға төрөнгән, ебәк ойоҡтар кейгән ҡылансыҡ граф Нулин тураһында яҙып, Пушкин йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултырта. Пушкиндың был поэмаһы менән «Полтава» араһында декабристар күтәрелеше ята. Русь тормошондағы азатлыҡ хәрәкәтенең башында дворян-революционерҙар тора. Сенат майҙанында Каховский Милорадовичты ата. Ләкин бының өсөн Николай I биш декабристы аҫа. 500-ҙән артыҡ иң алдынғы рус кешеләре һөргөнгә ебәрелә. Реакция йылдары башлана. Һатылалар. Хыянат итәләр. Ошаҡтар йышая. Йәмғиәт ҡурҡыуға төшә. Полевой кеүек һатлыҡ, Булгарин кеүек шымсы яҙыусылар Пушкинға яла яға, демагогия менән ҡоторона. Был 30-сы йылдар була. Батша хөкүмәтенә ярҙамға рус буржуазияһы килә. Николай I Пушкин менән күҙмә-күҙ ике сәғәт һөйләшә. Пушкин батша янына үҙенең революцион шиғырын алып бара. «Пророк». Был – шиғырҙың бер өлөшө генә. Тулыһынса табылмаған. Мицкевич үҙенең Варшавалағы лекцияларында Николайҙы Пушкин алдында аҡланған тип һөйләй. Пушкин менән һөйләшер алдынан Николай уның тураһында декабристарҙан һорашып барыһын да белешә. Улар иһә батша алдында үҙҙәрен барыһы ла лайыҡлы тота алмаған, бер-береһенә ғәйеп ауҙарғандар, фекерҙәренән кире дүнәләр. Рылеев та йомшаҡлыҡ күрһәтә. Батша илгә танылған шағирҙы үҙ яғына ауҙармаҡсы була. Ләкин Пушкин ҡыйыу яуап бирә, Сенат майҙанында булыр инем, ти. «Дәүли (Дәүләтбаев Миңнулла, Салауат ҡалаһында йәшәй), хатыңды уҡып, тормошоң, яңы көйҙәр яҙыуың, артистар араһында халыҡ менән бергә ҡайнауың өсөн бөтә йөрәктән шатландым. Тыныс ҡына йәшәгән кешеләргә тынғы бирмә, ян гел шулай. Дәүли, һинең халыҡ менән аралашыуың, бигерәк тә Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Белорет яҡтарында йөрөүең өсөн көнләшәм һинән! Был бит һинең ижади тормошоң өсөн иң күп алған, иң ныҡ байыған осороң, Дәүли. Ҡыйын икәнен тоям. Ләкин был дәүереңдең киләсәге бар. Емешле киләсәге, Дәүли. Был йылдарыңды һин бик һағынырһың. Һин генә түгел, дуҫтарың да үткән тулы тормошоңдо һинең менән ғорурланып күҙ алдына килтерер. Тик мин һинең уҡымауыңдан ҡурҡам. Әгәр һин көн һайын үҙеңдең буш урыныңды тултырырға ваҡыт таба алһаң, тормош һиңә ҙур уҡытыусы буласаҡ. Һис шикһеҙ үҫәсәкһең. Һин үҫеүгә ярһыған кеше. Туҡтама, музучилищела алған өҙөк-йолҡо белемең менән сикләнеп ҡалма. Көн һайын тултырмағанда, алған белем көн һайын кәмей, һайыға. Сөнки тормош көн, сәғәт, минут һайын үҫә, киңәйә, байыға. Йүнәлеш – алға сабыусы Тормош булырға тейеш. Һине солғап алған кешеләр араһында, үҫеп еттем, ҡалғаны миңә кәрәкмәй, тип уйлаған кешеләр күп. Һин үҙең күрәһең уларҙы. Үҙең көрәшәһең улар менән. Шуның өсөн һиңә Станиславскийҙы, Горькийҙы, Глинка менән Чайковскийҙарҙы өйрәнергә кәрәк. Ниндәй китаптар бик кәрәкле – яҙ миңә. Хәлдән килгәнсә тырышырмын. Яҙ, һора, ҡыйынһынма. Нисек тә халыҡ көйҙәрен яҙып барырға тырыш. Мин йырҙарҙың көйҙәрен яҙа алмауым өсөн бик үкендем. Теләһә аҫып ҡуйһалар ҙа минең ҡулдан килмәй торған эш был. Шуның өсөн һин барһың, Дәүли. Үҙең ишеткән боронғо башҡорт көйҙәрен яҙып бар. Һиңә иң ҙур үтенес шул. Мөмкинлек булһа, йырҙың һүҙҙәрен дә яҙып ал. Һиңә Әбйәлилдә «Орсоҡ», «Йәтим ҡыҙ меҫкен Хәтирә», «Саңдыүҙәк», «Ғүмәров», «Бала ҡарға», «Аҡһаҡ ҡола айғыр» көйҙәрен ишетергә тура килер. Һораш. Бел. Яҙ! Уларҙы башҡарыусы кешеләрҙең исемлеген яҙа бар. Был үтенес Ғәфәргә лә (Вәлиуллин) тейә. «Һүнмәҫ мөхәббәт»кә музыкаль биҙәү менән ҡотлайым. Үҙем ишетмәһәм дә, йөрәгем ишетә. Был эштә һәр саҡ халыҡ көйҙәрен файҙаланыуыңды теләйем. Ышанам: был яңы аҙымың һуңғыһы булмаҫ. Үҫә барырһың. Үҫкән – матур, Дәүли! Әлбиттә, буйға үҫмәҫһең инде хәҙер. Шулай тоҡор ғына, ләкин ут булып тәгәрәп йөрөрһөң. Шулай бит? «Фәрхетдин» булыуың менән дә ҡотлайым, Дәүли. Бына һин актер ҙа! Мин күҙ алдыма ла китерә алмайым хатта. Нисек уйнағаныңды ҡарап ултырһаң ине! Беҙгә еңгә әҙерләргә итәһеңме? Беҙ бик шатбыҙ был хәбәргә. Ваҡыт инде. Тик мин бер кәңәш тә бирә алмайым был өлкәлә. Беләһең бит минең «тәжрибәле» кеше икәнде! Таныштыраһыңмы? Яҙ, Дәүли. Беҙҙең тын алышмы? Барыбыҙ өсөн дә яуап яҙмайым. Үҙемдең турала шул: ниндәйҙер еңеллек менән йәшәйем. Ә мәңге ғазапланырмын тип уйлай торғайным. Йөрәктәге әрнеү бер ҡасан да бөтмәҫ кеүек ине. Әйтерһең, мин тәрән диңгеҙ аҫтында инем. Ә хәҙер был баҫымдан атылып килеп сыҡҡанмын да диңгеҙ өҫтөндә сайҡалам. Зәңгәр күккә ҡарап тирбәләм. Тик үтелгәнде хәтерләү ҡурҡыныс булып та китә. Бит мин тормошта тәүге ҡабат шулай кисерҙем! Һәм инде шулай ҡабат яна алмам кеүек ине. Әлбиттә, мин яратырмын һәм яратмай булдыра ла алмам. Һәр аҡыллы, матур ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡараһам да, йөрәк урынынан ҡуба... Әллә ниндәй көс бар уларҙа! Йылы ҡараштары яҡшы шиғыр яҙғандан һуң кисергән рәхәтлекте бирә! Үҙеңде бөтөнләй икенсе төрлө, сабый кеүек саф, йыр кеүек тулы итеп тояһың! Ҡыҙҙарҙың, ысынлап та, кешене яңынан тыуҙырыу, яңыртыу, сафландырыу көсө бар! Улар янында һин үҙең ғәҙәттәгенән матурыраҡ күренәһең. Бына кискә ҡалып поезда ҡайтып барам. Ҡаршымда бер студентка ултыра. Вагонға инеп ултырыу менән китап уҡырға тотондо. Ҙур зәңгәр күҙҙәре, оҙон керпектәре талған кеүек. Китабын ябып ҡуйҙы ла, башын тәҙрә яңағына һөйәп, күҙҙәрен йомдо. Ап-аҡ ҡына йөҙө балаларҙыҡы һымаҡ наҙлы, яғымлы. Шәле аҫтынан бөҙрәләнеп һарғылт сәстәре сығып тора. Бала ирендәре алланып, ныҡ ҡымтылғандар. Матур танауының япраҡтары тын алыуҙан һиҙелерлек ҡалҡып-төшөп тора. Сабыйҙай йоҡлай. Арыған. Мин шул тиклем яратып ҡарап ултырам. Һиҙҙермәй генә башын күкрәгемә ҡуйып, ҡулдарымда йоҡлатҡым килә... Хатта йоҡлап киткәндә лә матур улар! Тупаҫлығың йомшара, күкрәгеңдә ғәйрәт арта. Дәүли, мин ҡыҙҙарҙы әллә нисек яратам. Үҙем дә белмәйем. Бөтә ҡыҙҙарҙы ла яратам мин. Атай булғың киләме һинең? Ә минең бик килә!.. Минең үҙ баламды – Салауатымды йә Зоямды һөйгөм, уларға бишек йыры яҙғым килә. Уларҙың әсәһен дә һөйгөм килә. Ул минән күп кенә йәшерәк булырға тейеш. Һағынам уны. Ләкин уның донъяла бармы, юҡмы икәнлеген белмәйем. Уҡыу бара. Күңелле. Тиҙҙән имтихандар. «Салауат батыр» тигән әкиәт яҙып «Пионер»ға ебәрҙем. Практикаға унда ҡайтам. Өфө ҡышы һағындырҙы. Ну яҙҙым да үҙеңә! Тик яуапты бөтәбеҙгә яҙма. Миңә айырып яҙ. Һинең Рәми». Сергей Смирнов Е. Долматовскийҙың һуңғы китабы тураһында тәнҡитләп һөйләне. Йәш кенә Котов шағирҙарҙың тормоштан ситтә булыуҙһрына туҡталды. Ольга Берггольц, лирика хаҡында һөйләп, уйланыуҙарҙан, һағыштарҙан ҡурҡалар, тине. Сергей Васильев С. Михалков һәм А. Сурковтың ике шиғырын алып килгән. Йәштәр ҙур рәсми шағирҙарға эйәрәләр. «Черноморская песня» Михалковтыҡы. Был үрнәк түгел. Сурков «Девичья песня» тигән йырын үҙенең журналында сығарған. Насар үрнәк тарата. Н. Доризо поэтик ҡыйыулыҡ тураһында әйтте. Маяковский ҡыйыулығы. Тәрән фекер тәрән тойғоһоҙ булырға мөмкин түгел. 19 декабрь. Иртән ашханаға барғанда дядя Сережаны күрҙем. Саҡырҙы. Уларҙа төшкә тиклем, Тихоновтың өйҙә юҡлығынан файҙаланып (ул Венала, Тыныслыҡты яҡлау конгресында), китапханаһынан китаптар ҡарап ултырҙым. Ни тиклем яҡшы китаптар! Мине шырпы ҡабы ҙурлығындағы «Евгений Онегин», «Фауст» һәм Гейненың йырҙар китабы таң ҡалдырҙы. Тихонов китапханаһынан үҙемде ҡыҙыҡһындырған иң кәрәкле китаптарҙың исемлеген яҙып алдым. Көндәлеккә күсереп ҡуям. 20 декабрь, шәмбе. Виктор Ворошилский үҙенең шиғырын поляк телендә һәм подстрочнигы менән килтереп бирҙе. Тәржемә итергә тырышып ҡарайым әле. Китапхананан «Поляк теле грамматика-һы»н һәм Ҙур Совет энциклопедияһын алып, поляк теле тураһында уҡыным. 21 декабрь, йәкшәмбе. Сталинды уҡыным. Переделкинола кис эшселәрҙең концерты булды. Беҙҙең драмтүңәрәк тәүге пьесаһын ҡуйҙы. Леня яҙған таҡмаҡтарҙы йырлап, дирекцияны, эшсе ҡыҙҙарҙы, кладовщикты тәнҡитләнеләр. Концерт бөткәс, аҙ ғына бейеүҙе ҡарап торҙом да ҡайттым. Рәйескә һ. Таҡташты уҡыным. 22 декабрь, дүшәмбе. Лекциянан һуң – тағы Нарожнов һәм Морозовтың персональ эше. Тағы эсеп кеше көлдөргәндәр. Кисәлә иҫерек килеш шиғыр уҡығандар. Исаев Жора, нимә эшләргә инде, тип аптыраны. Йыйылышта уларҙы институттан сығарыу тураһында тәҡдим булды. Күпселек шул тәҡдимгә ҡушылды. Мин дә. 23 декабрь, шишәмбе. Диларанан хат алдым. Таҡташтың улы Авангард тураһында. Ул больницала ауыр хәлдә ята икән. Дилара уға барып шиғырҙар уҡып киткән. Лекциянан һуң Лида Андреева комскомитетҡа килгән бер хатты бирҙе. «Уҡы ла Исаевҡа, Таммға бирерһең, тине. Конвертты асып уҡый башлау менән аптырап киттем. Штамп баҫылып, машинкала шулай яҙылған: «Секретарю парторганизации ВСЭК МПП СССР тов. Ускову М. И. от кандидата в чл. КПСС Никольской Л. К. заявление. В ноябре месяце 1951 года я вышла замуж за Севостьянникова Эдуарда Трофимовича, который в этот период является студентом Литературного института. Казалось бы, что человек, выбравший себе такую специальность, комсомолец, ясно отдавал себе отчет в своих действиях, когда решил устроить семью, но как видно, он до 24 лет не уяснил, какой он шаг делает и какие от этого будут последствия... Муж уезжает на учебу, что же, это очень хорошо, я очень рада была за него, за его успехи. Но счастье наше было очень кратковременным – 4 месяца, по вине моего мужа. Только после того, как я ему написала, что я в положении, он приехал на каникулы ко мне в Сталинград и начал говорить, что мы еще с тобой мало жили, чтобы могли иметь ребенка. Я начинаю сомневаться в моей любви к тебе. 6 февраля он уехал, а 20 февраля получаю от него письмо, что мы совершенно чужие, и он убедился, что он меня не любит. (Копию письма прилагаю.) Встретились еще мы с ним в Москве. Разговор был у него такой, что мы с тобой должны оформить развод официально, причину разрыва он объясняет тем, что он еще не нагулялся, страшится семейной жизни, а главное, у него есть девушка, которую он полюбил. Сердце у него оказалось любвиобильное, можно ожидать такой же истории и со второй и третьей и т. д. Я, кандидат в члены КПСС, считаю, что Севостьянников Э. Т., как будущий писатель не сможет выполнить своей высокой задачи на идеологическом фронте. Поэтому я требую разобраться в аморальном поступке. Л. К. Никольская 22 декабря 1952 года». Теркәлгән хаттан: «Здравствуй, Люся! Люся, мне очень не хотелось писать тебе этого письма... Все это время я мучаюсь, ощущая на себе всю тяжесть совершенного мной преступления. Дорогая, пойми меня... не могу любить тебя, я это понял теперь совершенно ясно. Ты должна была видеть, как я старался убедить, обмануть самого себя перед самым отъездом. Нужно покончить с этим, или иначе я, честное слово, не выдержу... разве сердцу прикажешь. Прости, но я не могу больше. Виноват, страшно виноват перед тобой и перед твоей матерью. Передай ей, что я чувствую себя перед ней виновным не меньше, чем перед тобой. Мы должны расстаться. Глубоко уважаю тебя и знаю, что я не стою твоего уважения и любви. Извини, но я больше не могу считать тебя своей женой и обманывать самого себя. Нужно покончить с этим, или я сойду с ума. Эдуард. 12/11-52. Москва». Барыһы ла асыҡ. Ни тиклем күп әле беҙҙә шундай ваҡ һәм ерәнгес кешеләр. Етмәһә, үҙе яҙыусы! Иң саф, иң йөрәкле кеше булырға тейешле ул! Минең баштан сыҡмай был хәҙер. Һәр кеше тураһында уйлаған һайын үҙемде лә хөкөм итәм: бер ҡасан да кешелегеңде ваҡлама! 25 декабрь, кесаҙна. Иртәгә зачет! Эш әле муйындан. Был зачет теләһә ниндәй имтихандан да ауырыраҡ, яуаплыраҡ. Тик иптәш Сталин китабын ғына һәр кеше аңлай ала. Ә «Капитал» өсөн күп көс, тырышлыҡ кәрәк. Есениндың һүҙҙәре иҫкә төшә: «Премудрость скучных строк». «Капитал»дың ҡайһы урындарын шиғыр кеүек уҡығы килә. Киңлек! Тәрәнлек! Тапҡырлыҡ! ...Отелло көнсөл кеше генә түгел, кәмһетелеүе, раса яғынан түбәнһетелеүе арҡаһында баш күтәреүсе, ҙур кешелек тойғоһон һаҡлаған яныусы кеше лә! Объектив закондан сәнғәт законы ла ситтә түгел. Ул да объектив закондар көсө менән хәрәкәт итә. Сәнғәт – тормош сағылышы. Шулай булмаһа, Ленин Толстойҙы, рус революцияһының көҙгөһө ул, тип атамаҫ ине. Был – беренсе объектив закон. Унан, йөкмәтке менән форманың берлеге – сәнғәттең икенсе объектив законы. Улар бер-береһеҙ мөмкин түгел. Объектив закондарҙы танымаһаҡ, тормошто боҙоп күрһәтәбеҙ. Идеологик хаталарҙың төп сәбәбе – тормош дөрөҫлөгөнән ситкә китеүҙә. Ҙур сәнғәттең геройы һәр саҡ Кеше. Кеше – ғорур яңғырай! Рәссам кешене бөтә ҙурлығында күрһәтергә тейеш. Ә беҙҙә кешеләр йыйылышта, руль артында кеше булып күренә, ә ҡатыны янына ҡайтһа, бөтөнләй схемаға әйләнә. Яңы йөкмәтке яңы форманы талап итә. Ләкин милли форманың яҡшы яҡтарын инҡар итергә ярамай. Уның консерватив, реакцион яҡтарын ғына алып ташлайбыҙ. Элекке формаға бик һаҡлыҡ менән килергә кәрәк. Опера бит үҙе иҫке форма! Дәүләт бит үҙе иҫке форма! Улар кәрәкме? Кәрәк. Тик уларҙың йөкмәткеһе генә башҡа, яңыса. Образдарҙың типиклығы яҙыусының партиялылығы тураһында әйтә. Идея өсөн көрәш – типиклыҡ өсөн көрәш. Тормоштоң объектив закондарынан сығып тыуҙырылған типиклаштырыу булмаһа, идеяң һуҡыр бер тингә лә тормай. Идея ҡоро идея ғына булып ҡала. 27 декабрь, шәмбе. Комскомитет ултырышы. Комитет, Савченконың тәртибен хөкөм итеп (шиғыр кисәһендә эсеп килеп һуғыш сығарған), комсорг эшенән төшөрөргә булды. Гурьевҡа иҫкәрмә яһалды. 1953 1 апрель, шаршамбы. Бөтә Мәскәү яҙғы яҡтылыҡ менән балҡый. Һәр кем йөҙөндә нур. Мәскәүҙәр бер туҡтауһыҙ ашыға ла ашыға. Бер ҡайҙа ла бүтән улар һымаҡ ашыҡҡан халыҡты күрмәҫһең. Миңә нисектер яҡын хәҙер ошо ашығыу. Үҙең дә һиҙмәҫтән йәшәү тиҙлегеңде арттыра башлайһың. Балаларҙың шау-шыуы менән тулған Тверь бульварынан атлап үтеү, әсәләрҙең яҙғы ҡояш йылыһында сабыйҙарын арбасыҡтарына һалып йоҡлатып, китап уҡып ултырыуҙары йәки шаяртыуҙарына ҡарап үтеү күңелгә рәхәтлек бирә. Тверь бульвары Мәскәүҙә мин яратҡан иң матур урындарҙың береһе. Бында әле аяҡ аҫты кибеп етмәгән. Субыр-субыр ҡар һыуҙары ағып ята. Ә тротуарҙа ҡоп-ҡоро. Кешеләр витриналарҙағы газеталар янында туҡтап, аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға хаҡтар төшөүе тураһында шатланышып уҡый. 4 апрель, шәмбе. 3. Кедринаның Мохтар Ауэзов тураһында китабын уҡып сыҡтым. Унда «Абай» романына ҡылыҡһырлау бирелгән, яҙыусы ижадына тотош ҡаҙаҡ әҙәбиәте фонында анализ яһалған. Оҫталығына, теленә аҙыраҡ туҡталған, әлбиттә. Шулай ҙа был китаптан үҙемә күп файҙа алдым. 5 апрель, йәкшәмбе. Ял. Рустарҙың пасхаһы. Көн ҡояшлы, яланға сығып китмәй булдыра алманым. Йылғаны аша сығып, бер кәбән төбөнә барып яттым да шиғырҙар яҙҙым. Зәңгәр күктән һабантурғайҙары шат моңон ҡоя. Тәүге күбәләктәр леп-леп осоп йөрөй. Ҡар бик аҙ ҡалған. Ер-һыу һарҡып килә. 6 апрель, дүшәмбе. Көнбайыш әҙәбиәтенән Стендалде дауам иттек. Совет әҙәбиәтенән Сталин тураһында шиғырҙарҙы тикшерәбеҙ. Смирновтың, Луговскойҙың, Долматовскийҙың һ. б. бик күптәрҙең шиғырҙары бер төрлөләр, үтә дөйөмдәр. «Әлбиттә, ваҡыт үтеү менән был темаға яҡшы шиғырҙар ҙа яҙыласаҡ», – тине Казарян. «Кемдәрҙең тағы һүҙе бар?» – тип һораны профессор Новицкий. Беребеҙ ҙә өндәшмәнек. Ҙур ҡайғы әле иҫтә торғанда көслө әҫәрҙәҫ тыуҙырыу мөмкин түгел, тиеүҙә лә дөрөҫлөк бар. Ләкин сәнғәттә ваҡиғаға тура яуап булып тыуған көслө әҫәрҙәр ҙә бар тарихта. Быны Пушкин үлеменә яҙылған Лермонтов шиғыры иҫбатлай. Ул Пушкинды ерләгәнгә тиклем үк кешеләргә тарала. Ватан һуғышы, граждандар һуғышы дәүерендә уларға торорлоҡ әҫәрҙәр тыуҙырылды, тине Новицкий. Әммә, минеңсә, уның Пушкин менән Сталин араһында параллель үткәреүе бик үк дөрөҫ тә түгел. Төрлө тарихи заман, бөтөнләй икенсе шарттар, төрлө шәхестәр. Унан, яҡшы әҫәр яҙыу өсөн ваҡыт та кәрәк. Маяковский үҙенең «Ленин» поэмаһын 21 ғинуарға тиклем үк яҙа башлаған. Яшиндың «Испытание» шиғыры оҡшаны. Берггольцтың «Сталинға»һы бик хөрт тамамлана, кәрәкмәгәнсә күп һүҙле. С. Маршак та шиғыр урынына чертеж һыҙа. Ғәфү ителмәҫлек шиғыр. Маргарита Алигерҙың «Коммунистарға»һында ла яһалмалылыҡ күп. Күҙ йәшһеҙ иларға кәрәк! Нимәгә сәбәләнергә! Яҡшы шиғырҙар: Сурковтыҡы, Исаковскийҙыҡы, Симоновтыҡы, Самед Вургундыҡы, Ғафур Ғәләмдеке, Мостай Кәримдеке. МДУ-ла лекциялар уҡыусы Благой менән полемика. Благой Пушкинға үҙенән сығарып икенсе теманы бәйләй. Белинскийға таяна. Поэма Белинский аңлағанса түгел. Пушкин «Полтава»ла төп образ Петр Беренсене биреү маҡсатын ҡуймай бит. Ул үҙе яҙған мәҡәләһендә ҙур трагедияны сағылдырырға теләмәгәнен әйтә. Әгәр ҙә Мария образы булмаһа, әҫәр героик поэма тип аталыр ине. Ләкин Пушкин Марияға ҙур урын бирә. Ҡатмарлы тарихи ваҡиға менән бергә Пушкин кешеләрҙең шәхси тормошон да күрһәтә. Полтава уның өсөн – Русь тарихындағы фажиғәле ваҡиға. Мария ни өсөн Мазепаға ғашиҡ булған? Мазепаның яҡшы һөйләй белеүе ҡыҙҙы ғашиҡ итә. Отелло ла бит үҙенең тормошон һөйләп Дездемонаны үҙенә ҡаратҡан. Тормошта бик йыш шулай була. Оло йәштәге кешеләргә бик йәш ҡыҙҙар ғашиҡ була. Ҙур артистарға, яҙыусыларға мөкиббән киткән ҡыҙҙар бик күп. Сөнки ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте үҙе таянырлыҡ ҙур көскә һәр саҡ мохтаж, улар шундай кешене һөйә. Пушкин «Полтава» менән Николай реакцияһы ваҡытында беренсе сығыш яһай. Был ҙур политик сығыш. Унда шағир дәүләт эшмәкәре булып һүҙ ала. Украинаны Россияға ҡушыуҙың әһәмиәтен яҡшы аңлаған Пушкин был эшкә ҡаршы булған Мазепа кеүектәрҙе рус дәүләтенең дә, Украинаның да хыянатсыһы итеп фашлай. Бөйөк реалист булараҡ, ул киләсәк өсөн прогрессив булған сараларҙың ҡаршылыҡһыҙ ғына, кешеләр фажиғәһенән башҡа ғына булыуын күрһәтә алмай. Тормошто ул бөтә ҡаршылығы һәм киҫкен дөрөҫлөгө менән күрһәтә. Лекцияларҙан һуң партия ағзалары менән берлектә комсомол йыйылышы булды. Комсорг Егор Исаев төҫһөҙ генә доклад яһаны. Бер нәмә лә эшләнмәгән. Әйтерһең, беҙҙең комсомол ойошмаһы бөтөнләй юҡ! Ниндәйҙер йоҡо, ойоғанлыҡ! Егор йыйылыштарҙа бик ҡабынып һөйләп ала ла бер-ике көн эшләгәндән һуң һүнә. Үҙе лекцияларға килмәй, конспекттары юҡ. Нимә яҙалыр, ни менән йәшәйҙер? Ҡараңғы. 7 апрель, шишәмбе. Рус музыкаһы тарихынан Балакиревты үтәбеҙ. Глинканың эшен дауам итеүсе. Бер ниндәй музыкаль мәктәптә уҡымайынса ла, бик ҙур белемгә эйә. Яҡшы пианист булараҡ, Лист музыкаһын оҫта башҡара. Көслө ихтыярлы кешеләрҙең береһе. Рус көйҙәре нигеҙендә үҙенең увертюраларын яҙа. 50–60-сы йылдар – ижадының сәскә атҡан осоро. Аҙаҡтан ул бөтөнләй музыканан китеп, тимер юлындағы учреждениеға ябай хеҙмәткәр булып инә. Рус музыкаль йәмғиәте композиторҙары менән көрәш ҡаршылығында, атаһының һәм ҡыҙ туғандарының фажиғәле үлеме арҡаһында, 1872 йылда уның тормошонда ҙур һынылыш килеп сыға. Был рухи боролош уның музыкаға кире ҡайтҡандан һуңғы ижадында ныҡ эҙ ҡалдыра. Балакирев Көнсығыш халыҡтарының музыкаһына тәрән мөхәббәт һәм хөрмәт менән ҡарай. Тыуған ере – Нижний Новгород. Ярлы дворян ғаиләһенән. 17 йәшендә үк дирижерлыҡ эшен башҡара. Ҡазан университетында физмат факультетында уҡый, Петербургка китә, Глинка менән таныша. Музыка кешене сафландыра, бала күңелле итә. Яҡшы музыканы тыңлағанда үҙеңде ниндәйҙер ауыр бер нәмәнән бушап ҡалған кеүек тояһың. Күңелеңә яҡтыраҡ, йылыраҡ була. Кешеләр тулыраҡ күренә. Мусоргскийға күсәбеҙ! Ул халыҡсан композиторҙарҙың иң ҙурыһы. Ижады халыҡты азат итеү темаһына арналған. Мусоргский идея яғынан Белинский, Чернышевский, Добролюбовтың уҡыусыһы. Аңлы реалист. Музыка дәресенән һуң В. Дементьев инеп, семинарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Уға Тихонов тигән музыка белгесе етәксе икән. Дәүлигә был хаҡта яҙҙым. Уға үҙемдең шиғырҙарҙы (40 бит) яҙып ебәрҙем. Халыҡ көйҙәрен йыйнау тураһында ла яҙҙым. 8 апрель, шаршамбы. Бына өсөнсө көн инде яңы метронан йөрөйбөҙ. Иҫ киткес ер аҫты һарайҙары минең күҙ алдында төҙөлдө. Элек Мәскәү йылғаһының өҫтөнән китә инек. Хәҙер йылға беҙҙең өҫтә ҡала! Смоленск станцияһын үтәбеҙ ҙә Арбаттан ҡалаға сығабыҙ. «Тере баҫҡыстарҙан» күтәрелеп етеү менән, ҡаршыла художник Г. Опрышко мәрмәрҙән эшләгән Иосиф Виссарионович тере кеүек баҫып тора. 9 апрель, кесаҙна. Институтта сәғәт 1-ҙә халыҡ-ара хәл тураһында лекция башланды. Лекциянан алда Клара Фәйрузованан хат алһам да, уҡый алманым. Стәрлетамаҡ детдомынан. «Үлемһеҙ ҡыҙ»ҙы уҡығандар икән. Ләлә Биишеванан да хат алдым, яҡшы хат. Күсерәм. «Һаумы, Рәми! Бына тағы ла уҡыу башланды. Материалдар бик тығыҙ. Көн һайын тип әйтерлек дүрт пар уҡыйбыҙ. Көн һайын практик занятиелар. Әҙерләнеп өлгөрөүе ҡыйын. Шулай ҙа артта ҡалырға тырышылмай. Практика яҡшы тамамланды. Беҙҙең эшкә яҡшы баһа бирҙеләр. Көҙгә лә үҙҙәренә килеүҙе һорап ҡалдылар. Ләкин был практика тик үҙебеҙҙе һынау ғына булды. Унда үҙебеҙҙең бик күп хаталарыбыҙҙы күрҙек һәм шулар өҫтөндә эшләргә мөмкинлектәр алдыҡ. Ҡайһы кешеләр был практиканан һуң үҙҙәренең яңылыш юл һайлағандарын күрҙе, күпселек дөрөҫ йүнәлеш алғанына шатланды. Практика мәктәп эшенең ни дәрәжәлә ҡатмарлы икәнен көҙгө кеүек асыҡ күрһәтте. Һинең Зоя тураһында яҙған мәҡәләңде уҡып сыҡтым, ул миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Һәм һиңә, бер нәмә лә һөйләмәгәнең өсөн, үпкәләп тә ҡуйҙым. ...Бөгөн генә Алғушаев миңә һинең сәләмеңде тапшырғайны. Сәләм өсөн рәхмәт. Һиңә Флүрә апай сәләм әйтә. Хат көтөп, класташың. 4 апрель, 1953 йыл». Был арала Рәшит Ғирфановтан, Ғәзизә Зәйнуллинанан хат алдым. Дилара өндәшмәй. Инде ул, бәлки, бер ҡасан яҙмаҫ. Шулай килеп сыҡты эштәр. Бер ҡасан да күреп һөйләшмәгән кешеләр нимәләр хаҡында ғына яҙмышманыҡ. Ярай әле, мин уның хаттарын юғалтмағанмын, элекке көндәлектәрҙә һаҡлана улар. Минең уның кеүек үҙенсәлекле, алсаҡ күңелле ҡыҙҙы бер ҡасан да осратҡаным юҡ ине. Хатта мин уның менән ныҡ ҡына мауыҡтым. Ләкин мин бер нисек тә киләсәк тураһында уйламай инем. Ә ул артығыраҡ уйланды булһа кәрәк. Ҡаҙанға саҡырҙы. Ысынлапмы, юрыймы – белмәйем. Мин Ҡаҙанға китергә лә уйлағайным. Ләкин Башҡортостан буйынса тәүге сәйәхәтем уйҙа күптән йәшәй ине. Әсғәт (Әшрәпов) менән райондарҙа йөрөп, фольклор йыйнаным. Хаттар туҡтап торҙо ла, мин Мәскәүгә килгәс, тағы йөрөй башланы. Яңы, 1953, йыл етеп килә ине. Дилараға мин шаярыу ҡатыш хат яҙҙым. Әлбиттә, ул шаярыу ғына түгел ине. Бер өлөшөн күсерәм. Яңы йыл әкиәте Яңы йылдың яңы шатлыҡтары, Яңы бәхет менән, Дилара! Ҡаршы алам уны һинең менән, Айырһа ла беҙҙе ил-ара. Күрмәнем мин күҙем менән, Күңелем менән күрәм үҙеңде. Оҙаҡ-оҙаҡ күрмәй торған кеүек, Бик һағындым шаян һүҙеңде. Ҡайһы урамылыр ҙур Ҡаҙандың... Беҙ киләбеҙ ҡарға күмелеп. Ут нурында ҡарҙар күбәләктәй Һинең кеүек оса елпенеп. Кем белгән һуң алсаҡ урман ҡыҙын Осратыр тип улы тауҙарҙың? Йылдарҙың бер йылы! Рәхмәт һиңә, Юлыма һин шатлыҡ тыуҙырҙың! Татлы хыял булдың һин, йәшәйһең Йөрәгемдә минең, күҙ ҡарам. Бәхетем дә, шатлығым да минең, Диларам, һин минең Диларам... Сәләм менән Рәми. Мәскәү. 30 декабрь, 1952. Һәр нәмәнең үҙ логикаһы бар. Тик аҡыл менән генә эш итеп булмай. Таш төшкән ерендә ауыр. Әгәр мин тик аҡыл менән генә эш итһәм, ғөмүмән, Дилара менән танышмаған да булыр инек. Беҙҙең танышыу ҙа бик сәйер генә. Мин уның бер татар календаренә яҙған шиғырын бик оҡшаттым. Шул турала уға үҙемдең фекерҙе яҙҙым да ебәрҙем: Дилара Зөбәйероваға, пединститутҡа, Ҡазанға. Һәм бер ниндәй ҙә яуап алманым. Мин борсолманым. Ләкин мин генә түгел, башҡа кешеләр ҙә йүләрлек эшләй икән был донъяла. Бөтөнләй онотолоп бөткәс, инде мин институттың икенсе курсында уҡый башлағас, бөтөнләй көтмәгән бер көндә Дилара миңә хат яҙа! Уҡып шатландым. Һәм ғәжәпләндем! Ҡыҙыҡ бит донъя! Кем ул? Нимә менән ҡыҙыҡһына? Ни менән йәшәй? Ҡайҙа йүнәлгән уның юлы? Кемдәр менән аралаша? Тормошонда нимәләр күргән? Ниндәй ғаиләлә нисек тәрбиәләнгән? Нимәләр тураһында хыяллана? Кемде ярата ул? Ни өсөн ярата? Ни өсөн ул минең бынан бер йыл элек яҙған һүҙгә иғтибар итергә тейеш булған? Бына шундай икһеҙ-сикһеҙ һорауҙар минең башҡа килде лә барыһын да белергә теләнем. Яуапты икенсе йылға ҡалдырып тормайынса, бик тиҙ яҙып ебәрҙем. Бына бер заман туҡталмайынса һөйләшә башланыҡ. Хат-хәбәр аҙға ғына ла килмәй торһа, миңә ҡыйын һәм нимәлер етмәй торған булып китте. Мин дә уға, Отелло Дездемонаға үҙенең тормош юлын һөйләгән кеүек, бөтә үткәндәремде яҙҙым. Беҙ бик дуҫлаштыҡ һәм бер-беребеҙҙең тормошо менән йәшәй башланыҡ. Ул миңә үҙенең дуҫтары тураһында яҙҙы. Һаҙи Таҡташ тураһында ла һөйләне. Уның тураһында яңы нәмәләр яҙыуы, уның Аван исемле художник улы булыуы мине бик шатландырҙы. Аван тураһында ул бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Уның атаһына бик ныҡ оҡшаған булыуы менән дә таныштырҙы Дилара. Авандың ауырыуы, ул миңә таныш булмаһа ла, мине бик борсолдорҙо. Ләкин мин бөтөнләйгә әле Дилараның Аван өсөн дә, минең өсөн дә уртаҡ ҡәҙерле икәнлеген белмәгәйнем. Һәм Дилараның һуңғы хаты миңә көтөлмәгән яңылыҡ алып килде! Ҡышҡы имтихандар ҙа үтеп китте. III һәм IV курстар практикаға таралды. Мин дә үҙемдең Башҡортостанға ҡайтып киттем. «Совет Башҡортостаны» газетаһына ебәрҙеләр. Мин ғүмеремдә тәүге ҡабат газетала эшләй башланым. Был, ғөмүмән, минең тормошомда тәүге эш башлауым. 15 февраль. Юҡ, Дилара, мин бит һис тә һиңә Ул бәхетте тәҡдим итмәйем. Ышанмайым юлдар ҡауышыуға, Бергә булыуҙы ла көтмәйем. Хаҡлы түгел быға мин, Дилара, Күрмә минең тороп ҡалғанды. Мин бит көсһөҙ түгел, миңә шатлыҡ — Һинең менән күреү Аванды. Ул һауығыр, тиҙҙән эшкә ҡайтыр, Ул шағиры булыр эшенең. Тик һин миңә ҡалдыр ҙур дуҫлыҡты, Йырын алма йырсы кешенең. Мин үҙемде бала кеүек тоям, Әгәр һине уйҙа уйлаһам. Йөрәгемә йылы шатлыҡ тула — Әллә ул көс, әллә ул илһам? Әллә һин тик тиле хыялымдың Ваҡытлыса килгән емеше? Әллә мәңге янып ҡала торған Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө? Әллә дуҫлыҡ, әллә мөхәббәт? Тик килһәң һин минең күҙ алдыма, Миңә яҡшы, миңә гел рәхәт... Сәләм менән Рәми. Өфө. Ошонан һуң Дилара яҙманы. Ләкин мин уның тураһында уйлауҙан туҡтаманым. Ғаилә тураһында ла мин ныҡ уйландым. Үҙем теләгән ғаилә ҡора алмау мине бик ҡурҡыта. Сөнки һаманға тиклем минең ышаныслы бер кемем дә юҡ. Тик йөрөйөм шунда! Миңә инде бик күп йәшәгән кеүекмен. Минең хәҙер бик атай булғым килә, үҙемдең балаларымды күргем, уларҙы тәрбиәләгем килә. Ҡайһы саҡта мин үҙемде атай кеше итеп күҙ алдыма килтерәм дә ҡысҡырып көлөп ебәрәм! Миңә бик күп балаларым атай тип өндәшәләр!!! Ысынлап та, мин бер саҡ атай булырмын микән? Ә кем һуң ул әсә кеше? Бармы һин? Ҡайҙа? Кем? Их, ҡыҫыр инем күкрәгемә!.. 10 апрель. Төнгө сәғәт 1.20. А. И. Герцендың «Кем ғәйепле?» романын уҡыным. Тәүҙә хаттарын, көндәлектәрен уҡыным. Иң беренсе мине Огарев менән булған бөйөк дуҫлығы ҡыҙыҡтырҙы. Күпме көс Герценда! Уҡыған һайын фекерләүең киңәйә, тәрәнәйә. Уның ҡайһы бер афоризмдары миңә сәйер тойола. Уҡыу ыңғайында ҡайһы берҙәрен күсереп барасаҡмын. «Холодный мечтатель неисправим: он останется навеки веков ребенком!» «Гордость бесплодна, потому что ей ничего не нужно вне себя!!!» «Человек до ста лет дитя! Да если б он и до пятисот лет жил, все был бы одной стороной своего бытия дитя. И жаль, если б он утратил эту сторону, – она полна поэзии. Что такое именины? Почему в этот день ярче чувствуется горе и радость, нежели накануне, нежели потом? Не знаю почему, а оно так. Не только именины, а всякая годовщина сильно потрясает душу». Бына шундай уйланыуҙар Герценда бик күп. Герцен бик үҙенсәлекле, һәм ул ҙур психолог. Геройҙарҙың эске донъяһы, уларҙың кисерештәре, фекер йөрөтөүҙәре менән һин кисергән һәм фекер йөрөткән кеүек булаһың. Хәҙер ятҡан килеш бер ярты сәғәт кенә һүҙлек уҡыйым да йоҡлайым. 11 апрель. Иртән тороуға ап-аҡ ҡар яуған. Өшөп уяндым. Бына һиңә яҙ! Кис кенә тәүге йылы ямғыр яуа ине. Апрель ысынлап та алдаҡсы, ышанысһыҙ ай. Бөгөн «Правда»ла 3. Кедринаның Мохтар Ауэзов тураһында яҙылған тәнҡиттең Ҡаҙағстанда тикшерелеүе тураһында бәләкәй генә хәбәр бар ине. 30 ғинуарҙағы ул мәҡәләне мин уҡымағанмын. Подшивкаһын алып уҡып сыҡтым. Абайҙың рус телендәге һайланмаларын алып ҡайттым. М. Ауэзовтың китапҡа Абайҙың тормошо һәм ижады тураһында яҙылған мәҡәләһен һәм Леонид Соболевтың «Поэт-мыслитель» тигән баш һүҙен уҡып сыҡтым. Абай афоризмдары. Человек – дитя своего времени. Но если ты дурен, не обвиняй в этом своих современников. Сын своего отца – недруг народу, сын народа – твой друг. Делись тайнами с тем, у кого нет друзей, дружи с тем, у кого много друзей. Избегай того, кто беззаботен, будь с тем, кто опечален. Гнев без воли – вдовец, ум без печали – вдовец, любовь без верности – вдова, ученый без последователей – вдовец. Поможешь пустому человеку – только себе повредишь. Кричащий в гневе – смешон, молчащий в гневе – страшен. Плохой друг – твоя тень: в солнечный день беги – не убежишь, в пасмурный день ищи – не сыщешь. Теряет надежды лишь безвольный. Ведь истина, что в мире нет ничего постоянного, значит, и зло не вечно. Доброжелатель твой лишь ты сам. Абайҙың шиғырҙарын уҡып ултырғанда Рафаэль (Сафин) инде лә: Әйҙә, Рәми, киноға барайыҡ, – тине. Беҙгә Дамдинов та ҡушылды. Төн ҡараңғы ине. Батҡаҡҡа бата-сума Чоботовоға сыҡтыҡ. Клубта үҙебеҙҙең бик күп егеттәрҙе осраттыҡ. «Анна Каренина» тигән фильм ҡараныҡ. Ҡайтҡанда йондоҙҙар ҡараныҡ (мин үҙем был эште яратҡас, һәр саҡ башҡаларҙы ла мәжбүр итәм). — Давай, йырлайыҡ, – тине Рафаэль. «Каруанһарай»ҙы яңғыратып ебәрҙек. Төндәге тауыш урманда ныҡ яңғырай. Гүзәл, иҫ киткес матур йыр! Киң һәм моңло көй! Бормаланып-бормаланып аҡҡан саф йылға кеүек миңә был йыр. Рафаэль яҡшы йырлай. Уның бик ҙур йыр культураһы һәм матур, моңло тауышы бар. Роялдә лә башҡорт йырҙарының байтағын башҡара ала, тик күбеһенең һүҙҙәрен белмәй. Беҙ бик йыш киске аштан һуң ашханала рояль янына йыйылабыҙ ҙа, башҡорт, татар һәм рус көйҙәрен тыңлап, оҙаҡ ҡына ултырып алабыҙ. Шакир (Янбаев) йыр башлап ебәрә. Рәйес тә (Низамов) күңеле төшкән саҡта ҡушыла. Ә мин һәр саҡ мөңгөрләп ултырам инде ул! Рафаэль уйнай ҙа, йырлай ҙа. Бик бирелеп, музыканы бөтә йөрәге, йәне-тәне менән тойоп, оҫта итеп уйнай. Туған моңдар беҙҙе үҙ-ара нығыраҡ бәйләй, уның тәьҫирендә беҙ бер-беребеҙгә яҡын һәм йылы булып китәбеҙ. Беҙҙең шулай шаулашып ултырғандар һуңынан бит иң матур иҫтәлектәргә әйләнәсәк! Бергә уҡып йөрөгән көндәр тормошобоҙҙағы иң яҡты, иң бәхетле көндәр булып ҡаласаҡ. Был студентлыҡ йылдары беҙҙең киләсәктә әҙәбиәттә бергә эшләйәсәк көндәрҙе әҙерләй. Әҙәбиәт институтында уҡыусы әҙәбиәтселәрҙән беҙ бит – тәүге студенттар! Инде үҙебеҙҙең ғаиләгә Марат Кәримовты көтәбеҙ. Ул – һалдат. Хаттарын, шиғырҙарын бергәләп уҡыйбыҙ, тикшерәбеҙ, Рафаэль уға яҙып та тора. Маратҡа беҙҙең өмөт бик ҙур. Шуға ла көтәбеҙ уны. Прозаиктар, тәнҡитселәр, драматургтар кәрәк. Ғабдулла ағайҙы (Әхмәтшин) алыштырыусы булырға тейеш. Ул Әҙәбиәт институтын беренсе тамамлап сығыусы драматург. Быйыл ул беҙҙән китәсәк. «Эх, алмағастар» пьесаһын дипломға әҙерләп, бер көндә беҙгә уҡып сыҡты. Фекерҙәребеҙҙе әйткән булдыҡ. Миңә лә сират етеп бара бит! Уҡып бөтөргә ике йыл ғына ҡалды. Ғабдулла ағай артынан мин дә осасаҡмын! Хәҙер инде миңә шиғырҙарымдың тематикаһын да киңәйтеү яғын уйларға, нығыраҡ эшләргә кәрәк. Әле үҙемә оҡшағаныраҡтарын бер дәфтәргә күсереп яҙам. Тәүге йыйынтыҡтың ул нигеҙе булырға тейеш. Өфөлә саҡта Союзға инеп, Мостафа ағай менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин уға «Салауат батыр»ҙы уҡыным. Әкиәтте оҡшатманы ул. Теле генә һәйбәт, тине. Яңынан тәрән итеп уйларға ҡушты. Ә шиғырҙарҙың тематикаһы тар булыуын әйтте. Үҙенә оҡшағандарын һайлап алып, газетаға ҡалдырып китергә кәңәш бирҙе. Мин ҡалдырҙым, тик редактор Ғафаров уларҙың ҡайһы бер урындары менән килешмәне. Бер төндә беҙ уның менән оҙаҡ бәхәсләшеп ултырҙыҡ. Ул шиғырҙарға редактор булып ҡына, газета өсөн яуаплылыҡ иҫәбенән сығып, үҙен ел-ямғырҙан һаҡлап ҡалыу яғынан ҡарап килә. «Дөрөҫ» шиғыр булһын тик, ә шиғыр шиғыр булмаҫҡа ла мөмкин! Миҫалға Мәжит Ғафуриҙың «Ленинизм – минен маяғым» тигән шиғырын килтереп, үрнәк итеп ҡуйҙы. Ләкин миңә был риторикаға алып бара торған үрнәк булып тойола. Ғафуриҙан өйрәнергә, бик күп өйрәнергә кәрәк, ләкин уның тарыраҡ булыуын да күрергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, Ғафаров менән мин килешмәнем. «Шулай ҙа үҙ һүҙлерәк һин, ҡустым. Бының яҡшыға илтмәүе бар», – тине ул. Шиғыр газета битендә ҡарасҡы булып, уҡыусыларҙы ҡурҡытып торорға тейеш түгел. Был уҡыусыларҙы шиғырҙан ситкә этәрә. Шуның өсөн дә бит хәҙер «газета теле» тип аталған термин да бар. «Газета шиғыры» тип йөрөтөлгән уҡыусыһыҙ шиғырҙар ҙа бар. Мин уға үҙемдең тәүге очеркты – Зоя Космодемьянская тураһындағы «Үлемһеҙ ҡыҙ»ҙы уҡыным. Үҙенә алып ҡалды. Икенсе көндө корректураһын бирҙеләр. Башта Игебаев уҡып сыҡҡан. Корректорҙар менән бер нисә мәртәбә бергә уҡыныҡ, һәм иртән Өфө урамдарында «Үлемһеҙ ҡыҙ» витриналарҙа һәм «Совет Башҡортостаны» йәбештерелгән ҡоймаларҙа тора ине. Кешеләрҙең туҡталышып уҡығандары мине бик шатландырҙы. Күп итеп һатып алдым да детдомдағы, интернаттағы таныштарға, иптәштәргә, тәрбиәселәргә ҡалдырып киттем. Килгәс тә Шакир, Рәйес, Рафаэль менән бергәләп уҡыныҡ. Тик был саҡта инде мин үҙемдең был очеркты яратып туҡтағайным, шуға үҙемдең уҡығым килмәне. Шакир уҡыны. Юҡҡа ғына ул шәп диктор булмаған икән! Башҡортостанда уның һөйләгәнен бик яраталар ине. Ғөмүмән, көсһөҙ әйбер ҙә, Шакир уҡығас, һәйбәт ишетелеп китә ала. Рафаэль менән мин кинонан ҡайтыуға, Рауил килгәйне. Минең барып сыҡмауға аҙыраҡ һүҙ әйтеп алды. Үҙем дә белмәйем, мин нисектер уға һис тә бер туған ағайға оҡшамаған кеүекмен. Бер ҙә бер туған кешеләр һымаҡ һөйләшеп йөрөгәнебеҙ ҙә юҡ. Хат аша һөйләшкәндә генә мин уны бик яратам һәм туғаным бар икән тип уйлайым. Нисектер, ул мине бик ҡоро кеше һәм ҡаты бәғерле, уҫал итеп күрәлер кеүек. Ул мине яраталырмы-юҡмы, ләкин мин һәр саҡ уның миңә ниндәйҙер ҙур хөрмәт менән ҡарағанын һәм минән бер аҙ ҡурҡҡанын тоям. Бәлки, был минең үҙемә генә шулай тойолалыр? һуғыш ауырлығын беҙ уның менән көн һайын бәләкәй арбаға егелеп, йә бесән, йә утын, йә һалам, йә бәрәңге, йә сыбыҡ итеп тарттыҡ. Әсәйҙән миңә уның ғәйебе өсөн дә бик йыш эләгә ине. Беҙ һәр саҡ бергә йөрөнөк. Бергә емеш-еләк йыйҙыҡ, утын ҡырҡтыҡ, баҡсаны кәртәләргә сыбыҡ ташыныҡ, ер ҡаҙҙыҡ, ферма малдарын көттөк, колхоз тайҙарын ҡараныҡ, башаҡҡа йөрөнөк, бергә хатта урлаштыҡ. Бер генә нәмәне мин ҡушҡанса эшләмәй икән, уға мин сикһеҙ аяуһыҙ булдым. Туҙҙырғансы һуғып ебәрә инем... Еләк йыйғанда бер генә еләкте булһа ла ҡапҡанын күрһәм, асыуым килә торғайны. Сөнки мин үҙем һауытым тулмайынса бер бөртөк тә ҡапмайым һәм өйгә ниндәй ҙур һауыт булһа ла тултырмайынса ҡайта алмайым. Тултырырға! Һис һүҙһеҙ! Инәйҙе көйҙөрмәҫкә, гел генә ҡыуандырып торорға тырышам. Рауил уйнарға сығып китһә, елтерәтеп алып ҡайтып китәм. Ә ниңә уға уйнап йөрөргә? Баҡса уталмай ҡалһынмы? Ҡыш бәрәңгеһеҙ асҡа сыулап ултырырғамы? Яҙ сәсерлек бәрәңге булмаһынмы? Йорт-ҡура тишек торһонмо? Хатта мин инәйемдең ҡоро утынға тип ситән-фәләнде һурып алып китеүенә лә асыуым килә. Ә синдек мөйөшөн ҡарағай сыраҡ тип тумырып алыуына күҙ йәштәрем менән илайым... Аҙ ғына ваҡытым булһа, колхоз идараһына инәм дә ололар һөйләшеүен тыңлап ултырырға яратам. Колхозда эшләгем килә. Ләкин инәйем мин эшләгән дә етер, ти. Ә мин ат һарайына барып, Хәйруллаға аттар тышарға булһа ла, эсерергә булһа ла ярҙам иткем килә. Ә Рауил килеп ҡыҫылып йөрөһә, ҡыуып ҡайтарам: «Бар, ҡайтып, бәрәңге ҡаҙып, йыуып ҡуй! Усаҡҡа яҡ!» Ҙур бер китап яҙырға мөмкин ул көндәр хаҡында! Ниндәйҙер бер бик иртә тормошҡа ингән бала булдым мин. Һуғыш бөтөп, Өфөгә сығып киткәс кенә Рауилды яраттым һәм бик йыш иҫкә төшөрөп һағына, үкһеп-үкһеп илай торғайным. Йылдар үтте, Рауилды Өфөгә үҙем тәрбиәләнгән интернатҡа урынлаштырҙым. Бергә лә йәшәнек. Ләкин мин һаман да эшкә сумған була торғайным. Детдомда – детсовет председателе, бүлмәлә – староста, класта – комсорг. «Йәш гвардия» мәктәп газетаһының редакторы, әҙәбиәт түңәрәгенең председателе. 1947 йылдан бирле мәктәптә ҡулъяҙма журнал сығарҙым. Уны үҙем яҙам, әҙерләйем. Эпиграммалар, төрлө фельетондар яҙам. Башҡаларҙың да шиғырҙарын эшләйем. Етмәһә, әҙәби түңәрәктең «Туған тел» газетаһын да сығарам. Редколлегия ағзалары Сәғит менән Рифҡәттән бик йыш ҡына ҡәнәғәт булмайым. Бәрелештәр булып ала. Рифҡәт менән, бергә эшләй торғас, дуҫлаштыҡ, ауылдашым Сәғит менән иһә алыҫлаштыҡ. Унан һуң тарих түңәрәгенең газетаһын да Ғәзимә Солтанова миңә сығарырға ҡуша ине. Иртә менән малайҙарҙы зарядка яһаттырам. 9 класта уҡығанда, төшкә тиклем аэроклубта йөрөнөм. Төндәрен кочергаркаға инеп ултырып бик оҙаҡ яҙынам йә уҡыйым. Уҡылған бик күп әйберҙәрҙе күсереп яҙам. Хәҙер уларға ҡарарға ҡурҡыныс – бер һандыҡ тулып ята. Көндәлек тә алып барам. Мәктәптә саҡта мин Чернышевский һәм Добролюбов менән бик ныҡ мауыҡтым. Уларҙың тәьҫире миңә бик ҙур булды. Рахметов кеүек булыу тураһында уйлап, бик сынығырға тырыша инем. 40 градуслы һыуыҡтарҙа ла иртә менән тышта зарядка яһарға күнектем. Тәнде ҡар менән йыуа инем. Ә йәй көндәре ҡоҙоҡтан алған һыу менән ҡойонам йә фонтан аҫтында торам. Өҫкә кеймәйенсә, яланбаш йөрөйөм. Күп ваҡыт турникта булашам. Миңә иптәштәр: — Рахметов, – тип өндәшә башланылар. Был миңә бик оҡшай ине. Тәрбиәселәр минең менән дуҫ булһа ла, төндә бик оҙаҡ ултырғаным өсөн уларға һүҙ тейгәнлектән, бик йыш умывальныйға инеп бикләнәм. Иң яратҡан дуҫым Усманов Ширҡәт мине ҡайҙа булһа ла йәшерә! Бүлмәләге күп кенә иптәштәр мине төрлө һүҙҙәрҙән һаҡларға тырыша. Ә ҡайһылары телемдән, эпиграммаларымдан ҡурҡып, минең әйберҙәрҙе яндырыу дәрәжәһенә лә барып етте. Минең бәләкәй генә тормошомда ҙур хәлдәр, ҙур ваҡиғалар күп булды. Әлбиттә, йүләрлектәр ҙә, аҡылһыҙлыҡтар ҙа булды. Улары өсөн һуңынан бик һыҙланырға тура килһә лә, был тормошто үтмәгән булһам, яҙа ла алмаған булыр инем. Үҙемсә мин көрәшеп йәшәнем кеүек һәм уның өсөн үкенмәйем. Шиғырҙарым шул үҙемдең бәләкәй генә көрәшемдең ҡоралы булып тыуҙы. Мин быны үҙемдең иң ҡиммәтле сифатым тип иҫәпләйем. Бер ҡасан да шиғыр өсөн шиғыр яҙманым. Улар минең мөхәббәтем дә, ҡайғым дә, шатлығым да ине. Уларҙа мин балҡыным һәм һүндем, һыҙландым һәм рәхәтләндем. Уларҙа минең күҙ йәштәрем һәм йөрәгемдең утлы киҫәктәре бар. Һәр шиғырҙа мин көсөмдән килгән тиклем нимә лә булһа әйтергә, нимә лә булһа күрергә, фекерҙәрем менән уртаҡлашырға теләнем. Миңә яҙмай тороу һис тә мөмкин түгел ине. Яҡшы итеп яҙыу өсөн мин ҡот осҡос күп яҙҙым. Төндәр, көндәр буйы яҙҙым. Рауил минең йәшәүҙе күрҙе. Мин элекке Рәми түгел инем инде. Шуға күрә лә ул миңә ололау менән ҡарайҙыр инде. Мәскәүгә килдем. Шул тормошто үтмәйенсә, бында килә алмаған булыр инем. Кем белә, әгәр ҙә мин булмаһам, Рауил әле бына шулай бында уҡып та ултырмаҫ ине? Ҡыҙыҡ бит тормош! Өҫтәл тартмаһынан үҙемдең яңы төшкән рәсемде алдым да артына былай яҙып ҡустыға бүләк иттем: «Рауил! Һиңә һәр саҡ иғтибарһыҙ, һалҡын булған, аҙ һүҙле, уҫал ағайыңдан, ниндәйҙер бер яратыу менән, бергә йәшәгән йылдар иҫтәлеге. Мәскәү. Рәми». Рауил көлдө һәм барыһы ла дөрөҫ тигән ҡараш менән ҡараны. Йөрәгем нисек ҡуша, шулай яҙҙым. Мин бөтә кешеләргә шулай булдым һәм буласаҡмын. Әлбиттә, был миңә тормошомда бик ҙур бәхетһеҙлектәр ҙә килтереп сығарасаҡ. Ләкин мин кеше булырға теләйем. Барыһын юғалтҡан бәхетһеҙ түгел, кешелеген юғалтҡан бәхетһеҙ. 12 апрель, ял. Мин үҙемдең файҙалы буласағыма ышанам. Был минең йәшәүемдең бөтә маҡсаты. Бер ниндәй ауырлыҡ та был маҡсатҡа барыуҙа мине ҡурҡытмай. Дин менән ағыуланған кеше нисек итеп алланың ҡөҙрәтенә ышанған булһа, мин нәҡ шул ышаныс менән хеҙмәттең иң ҙур көс икәнлегенә ышанам. 13 апрель. Һәр кешенең үҙенә күрә йомшаҡлығы була. Үҙебеҙҙең ауылдағы умарта ҡарауылсыһы булып эшләгән бер һуҡыр апай иҫкә килеп төштө. Лампаны ҡабыҙып, онотмаҫ өсөн яҙып ҡуйҙым. Ғиззеямал апай – умартасы. Ул бурҙарҙан ҡурҡа. Мин ҡурҡмайым. Ләкин мин уның әкиәттәрен тыңламай ҡалыуҙан ҡурҡам. Шуның өсөн гел бергәбеҙ. Ул апай юҡ инде... Семинарҙа бөгөн Ольга Берггольцтың «Знамя»лағы һуңғы шиғырҙары тикшерелә. Василий Чалай (Чегаев) сығыш яһай. Чегаев шиғырҙарҙы өҫтән-мөҫтән генә ялмап сыҡты, шағирәнең үҙенә генә хас сифаттарын асып күрһәтмәне. Миклай Казаковтың сығышынан һуң хәҙерге поэзияның торошо тураһында бәхәс сыҡты. Шиғырҙы уҡыусылар бик аҙ булыуы, һатылмай ятҡан китаптар тураһында һөйләштек. Өс хат алдым! Диларанан! Ғәзизә Зәйнуллинанан һәм һеңлем Мөршиҙәнән. Өсөһө лә ҡыҙыҡлы. Диларанан хат көтмәй инем инде. Тик бик сәйер хат. Аптырап ҡалдым: «Рәми! Оҙаҡ яҙмауым өсөн ғәфү ит. Шулай кәрәк ине. Ой, Рәми, шундай насар пессимист мин. Ой, насар. Минең йәшәйһем килмәй. Тик Ватаныма хеҙмәт итмәй китеүем генә ауыр. Ә нәни ғүмерем аҙ ғына ла йәл түгел. Ә йәшәйһе килә. Ниндәй матур бит ул тормош. Рәми, хуш. Зоя тураһында яҙыуың бик, бик оҡшаны, шығырың ғәжәп матур. 9 апрель, 1953 йыл». Шул ғына хаты. Белмәйем, ни булған уға? Бер нисек тә аңламайым. Кешеләрҙе, тормошто һөйгән кеше бер нисек тә пессимист була алмай. Үҙен һөйөүсе, кешеләр шатлығы менән шатлана белмәгән кеше генә пессимист! Сөнки ул үҙе өсөн генә йәшәй. Тормошо бәләкәй кеше генә бәләкәй шатлыҡлы һәм ул юҡ ҡайғыны ҙур итеп күреүсән, һыҙланыусан, илаусан, һыҡраныусан. Мөршиҙәнең хатынан: «Рәми ағай! «Мәңге бергә» тигән шиғырыңды миңә ятларға бирҙеләр. Оҙаҡламай Сталин бабайға ҡарата сбор була. Сталин бабай үлгән көндө мәктәптә митинг булды. Шиғырыңды бик яратып ятланым. Ағай, тағы ла ниндәй шиғырҙар яҙҙың? һине яратыусы туғаның Мөршиҙә. Зөфәр, Асрар ағайҙарҙан, Саимә, Ғәзимә апайҙан бик күп сәләм. Рауил ағайыма күп сәләм. Арҡауыл. 5 апрель, 1953 йыл». 14 апрель. «Дилара! Нишләйһең һин? Йүләрләнмә. Нишләп һин пессимист була ти? Мин хатта пессимист һүҙен яҡшы белһәм дә, һүҙлектән ҡарарға мәжбүр булдым: пессимизм үҙҙәренең үлемен, уның килеп етеүен тойоп һуҡрана торған реакцион синыф кешеләренең генә ҡарашы. Ул хеҙмәт кешеләренең ҡанын һөлөк кеүек һурып, ҡыҫала кеүек ҡыҙарған кешеләр философияһы. Сөнки улар кешеләрҙе, тормошто, ижад итеүҙе һөймәй, үҙҙәрен генә яраталар. Улар үҙҙәренең эшһеҙлектәренән шундай. Мин был һүҙҙәр менән һүнгән өмөт, илау-һыҡтау менән тереклек итәм. Ә һиңә ни ҡалған, Дилара? Нисек һиңә оят түгел? Һиңә мораль уҡырға йыйынмайым. Әгәр белгең килһә, һиңә ҡарағанда мин тормоштоң ауырлығын өс мәртәбә артығыраҡ та күргәнмендер, бәлки, күберәктер ҙә... Һинең һүҙҙәрҙе уҡығас, атайымдың һуңғы ҡараш ташлауы күҙ алдыма килде. Ә күпме, күпме кешеләр беҙ йәшәгән тормош өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Әле бер нәмә эшләргә өлгөрмәйенсә, тормошҡа шундай мәғәнәһеҙ һәм оятһыҙ ҡарарға мин иң, иң ауыр ваҡытта ла булдыра алмаҫ инем. Кешеләр өсөн ҡыуанмаған йәндең генә шатлығы бик бәләкәй була! Ул кешеләр бәхетенә тарһына. Йәшәү уға күңелһеҙ. Сөнки уның йәшәүе үҙе өсөн генә. Нисек итеп ундай кеше «Ватанға хеҙмәт итмәй китеүем генә ауыр» тиергә мөмкин? Ышанмайым. Һүҙҙәреңә ышанмайым, Дилара. Бәлки, мине үртәр өсөн генә яҙғанһыңдыр? Ләкин мин һинең һәр һүҙеңә һис тап төшмәгән сабыйға ышанған кеүек ышандым һәм ышанғым килә. Мин һинең бөтә ҡайғыңды уртаҡлаша алырмын кеүек. Һине йыуатырлыҡ көсөм дә бар һымаҡ. Ләкин пессимист менән минең тамсы ла уртаҡлығым юҡ. Ихтыяр етмәүҙән генә әйтелгән фекер, дөрөҫөрәге, бер ҡысҡырыу ғына хатың. Һин бик яҡшы күңеллеһең, Дилара! Бала күңеллеһең. Ләкин бер аҙ ихтыярһыҙыраҡ. Ихтыяр яҙышҡан кешегә иң, иң кәрәкле сифат. Уны үҙеңдә бөтә ғүмерең буйы тәрбиәләргә кәрәк. Минеңсә, һиңә тормоштан, халыҡтан айырылып, кабинетта ултырыуың тотҡарлыҡ итә. Кабинет – яҙыусының урыны түгел. Унда икенсе кеше ултырырға тейеш. Һин түгел. Ҡайҙа иң ҙур яуаплылыҡ – шунда яҙыусының тормошо. Йәш кешегә үҫергә, бик күп матур кешеләрҙең яҙмышы менән байырға кәрәк. Дилара, былар һиңә билдәле бит инде: ниңә үҙ-үҙеңде быуып тораһың? Һиңә бит ике йыл ғына булһа ла хәбәрсе булып эшләргә кәрәк. Юҡһа, мин һинең өсөн ҡурҡам, Дилара. Әгәр хәлемдән килһә, һине кабинеттан һөйрәп сығарып, тормошҡа хәбәрсе итеп ҡыуыр инем!!! Ысын, ысын! Сөнки һин унда үҙең ҡатнашып, үҙең янып йөрөйәсәкһең. Ә үҙе янмаған кемде яндырһын инде?! Үҙемдең тормош тураһында яҙып тормайым. Сөнки һин үҙеңдеке тураһында бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәйһең. Тимәк, минеке менән дә ҡыҙыҡһынмайһың. Дуҫтарса сәләм менән Рәми. Мәскәү. Аванға ҙур сәләм. Нисек уның сәләмәтлеге? Барып хәл белешәһеңме? Яҙ, йәме. Бик уҫал яҙылды булһа кәрәк. Ярай инде. Ҡабан күленә төшмәҫһең әле, моғайын». 15 апрель. Институтҡа барманым. Йүткерәм. Ныҡ ҡына һалҡын тейҙергәнмен икән. «Салауат»ты дауам итәм. Яҙғанда «Салауат» көйө менән «Сыңрау торна»ны ҡатыштырып, үҙем ниндәйҙер көй сығарып, бөтә йырҙарын да йырлап яҙҙым. Бүлмәлә бер кем дә булмағандан рәхәт. Үҙ-үҙем менән тиле кеше кеүек һөйләшәм. Тик Даһи (Бабичев) килеп бер аҙ эште туҡтатты. Ҡыҙы Гүзәлде ерләгән, ҡатыны Нураниәне бик ауыр хәлдә больницала ҡалдырып килгән. Үҙе заочно уҡырға йыйына. «Салауат»ты яҙып бөтмәй бер кемгә лә уҡымам тигәйнем, түҙмәнем – уҡыным. Даһиға, Рафаэлгә лә уҡыным. 16 апрель. Тихонов менән музыкаль драматургия тураһында һөйләшеү. Яҡшыны тыуҙырыу өсөн һиңә тиклем кешелек хеҙмәте ирешкән яҡшылыҡты үҙләштерергә, уға ныҡлы эйә булырға кәрәк. Мелодияны юғалтыу – төп музыка сараһын юғалтыу ул. Унһыҙ музыка музыка түгел. Музыкаль драматургия бик үҙенсәлекле жанр. Бының өсөн шиғыр культураһына эйә булыу төп шарт. Беҙгә классик либреттоларҙы тикшереп, анализ яһарға кәрәк буласаҡ. Тәүге анализ өсөн «Мазепа»ға туҡталасаҡбыҙ. Тихонов миңә оҡшаны. Беренсе занятиела була алмауым өсөн үкендем. Бәлки, миңә либретто яҙырға тура килмәҫ. Ләкин мин музыкаль драматургия тураһында бик аҙ ғына булһа ла белергә тейешмен. Был эш мине бик ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, киләсәктә мин либретто яҙырмын да. Теләк һәм дәрт бар. Өфөлә «Сыңрау торна» балетын ҡарау һәм йәйге сәйәхәттә ишеткән халыҡ йырҙары, легендалар мине бик ҡанатландырып тора. Мин музыканы аңлай башланым, уны яратыуым көндән-көн арта бара. Ләкин был өлкәлә мин бик ныҡ наҙанмын әле. Театрҙарға йөрөүҙе лә үҙ алдыма маҡсат итеп ҡуясаҡмын. Юҡһа, Мәскәүҙә йәшәп, унан өйрәнмәй йөрөүем өсөн бер ҡасан да үкенеп бөтә алмаясаҡмын. Әгәр аспирантурала уҡырға тура килмәһә, Мәскәүҙә йәшәй торған ни бары ике йыл ғүмер ҡалды! Даһи миндә йоҡланы. Кис Ғафуриҙы уҡыныҡ. Ул йоҡлағас, мин Ғәлиәскәр Камалдың фельетондарын, публицистикаһын уҡып һоҡландым. Унан өйрәнерлек нәмә бик күп. Шиғырҙарының да яҡшылары бар. Иртән Даһи менән ашханаға киттек. Кисә, 20 апрелдә, диплом яҡланылар. Башынан аҙағына тиклем тыңлап ултырҙым. Сергей Михалков бик нығытып сығыш яһаны, ҙур талаптар ҡуйҙы, Иван Галабиндың шиғырҙарын тәнҡитләне. Сергей Антонов һәм Лидин Иван Завальскийҙың хикәйәләре буйынса сығыш яһаны. Алексей Сурков Меркуловты бөтөнләй тар-мар итте. Иң йомшаҡ диплом уныҡы ине. Ажаев председателлек итте. 23 апрель. Осетияла ҡатын кешене бер ҡасан да ире «ҡатын» тип атамай. «Ой хужаһы» йәки «минең хужам» тип өндәшә. Тәржемәсегә ни эшләргә? Осетияла ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итеү, уны ололау осетин халҡының эпостарында ла сағыла, унда Әсә образы ҙур урын алып тора. Синонимдарҙың да үҙҙәренә генә хас булған мәғәнәүи төҫмөрҙәре бар, тәржемәлә иң тура килгән һүҙҙе һайлап алырға кәрәк. Флобер «для каждого явления есть одно слово» тигән. Ул ювелирный тәржемәсе булған. Тәржемә ҙур әҙерлек талап итә. Тәржемәсе редактор ҙа булырға тейеш. Ритмик форманы ныҡ һаҡлауға табынырға кәрәкмәй, ләкин мөмкин тиклем авторҙың фекеренә һәм нөсхәгә яҡын килергә кәрәк. Чимитовтың рус теленән бурят-монгол теленә Сергей Михалковтың балалар өсөн «Ленин музейында» тигән китабын тәржемә итеүенә туҡталдыҡ. Чимитов бурят-монгол теленең һәм шиғыр төҙөлөшөнөң үҙенсәлеге тураһында һөйләне. Уға рус шиғыр төҙөлөшөнә хас үлсәүҙәр – ямб, хорей, һ. б. хас түгел. Элекке шиғырҙарҙа рифмалар булмаған, хәҙер мөмкин булған урында аллитерациялар ҙа, рифмалар ҙа бар. «Беҙ хәҙер ике яҡтан рифмалайбыҙ», – тине Чимитов. Көлөштөк. Тәржемәсе юлдарҙы алыштырып ҡуйырға тулыһынса хаҡлы. Б. Ромашов семинарында Ғабдулла (Әхмәтшин) ағайҙың пьесаһы тикшерелде. Оҡшаттылар. Пьеса дипломға ғына түгел, театрҙарҙа ла барырға мөмкин тигән баһа алды. Ғабдулла ағай бик шат ине. 24 апрель. Үҙ-үҙемә ҡағиҙәләр: Һәр саҡ асыҡ бул. Иланы, тимә, илағанын күрһәт, һөйләмә, протокол төҙөмә, ә күрһәт. Чехов, ударил гром, тимәй, ә күк күкрәгәнен һүрәтләй. Шаблондарҙы яҡын килтермә үҙеңә. Иҫке сюжеттарҙан ҡурҡма, ләкин уларға үҙеңсә кил. Һәр нәмәлә үҙеңсә бул. Һәр нәмәне Толстой кеүек үтә күр. Бер ҡасан да үҙеңдең әҫәреңдә әйтә торған фекерҙе үҙең алдан уҡ әйтеп торма, ә уҡыусы уны уҡып сыҡҡандан һуң ғына үҙе фекерләп ҡуйһын. Уҡыусы геройҙар менән йәшәһен, кисерһен, улар менән бергә эшләһен, һөйһөн, үҙе бер тормошто үтһен, ғазапланһын. Толстойҙың бөтә әҫәрҙәре лә шулай уҡыусыны тотоп алыусан, үҙҙәре менән йәшәтеүсән. Үҙеңдең яҙа торған әйбереңде яҡшы бел. Итексене яҙаһың икән, итек тегә белмәҫкә лә мөмкинһең, ә итексене ныҡ белергә тейешһең. Эшләнмәгән көйөнсә әҫәреңде дуҫтарыңа уҡыма, уларҙың маҡтауҙарын ишетмә. Бер ҡасан да үҙеңде халыҡ ижадынан айырма. Уға эшлекле кеше булып тотон. Күмелмә уның аҫтында. Тәржемәне лә үҙеңдең юлдашың ит. Тәржемә һине иң ҙур яҙыусыларҙың фекере, оҫталығы һәм теле менән байыта, тәртипкә өйрәтә. Этнограф бул. Халыҡтың тарихын, тормошон, көнкүрешен, сәнғәтен өйрән, теленең музыкаллегенә, моңона ҡолаҡ һал, тапҡыр һүҙен яҙып бар. Классиктарҙан өйрән. Рус классиктарынан тыш, башҡа халыҡтарҙың да бөйөк яҙыусыларын өйрәнеүҙән бер ҡасан да туҡтама. 25 апрель. Яҡты, матур, тулы киләсәге булған дөрөҫлөк кенә – ҙур дөрөҫлөк. Стипендия алдыҡ. Бурыстарҙы түләнем. Даһиға —120, Бухановҡа – 10, Гумматовҡа – 5. Рәшиттәргә барып 35 һум ҡалдырып киттем. Букинистарға кереп Даль һүҙлеген эҙләп йөрөнөм. Бик асығып киткәс, балыҡ ыуылдырығынан бешерелгән икмәк алдым (200 грамм), ләкин 50 грамм да ашай алманым, урнаға төшөрөп киттем. К. Чуковскийҙың «Мастерство Некрасова» китабын эҙләнем. Юҡ. Таҡташтың һайланма йыйынтығы сыҡҡан икән. Алдым. Иртәгә ял. Комсомолецтар Ленин тауҙарына, МДУ янына, ағас ултыртырға барасаҡбыҙ. 27 апрель. Көн болотло. Күңел дә болотло. Ярай әле Рафаэль менән Рәйес янда. Лекцияларҙы ла һүлпән генә тыңлайым да Переделкиноға ҡайтып, һүҙлек күсерергә тотонам. Үҙемдең һөйләшеүгә инмәгән, һирәк ишетелгән башҡорт һүҙҙәрен дә, таш, ҡаҙылма исемдәрен, үҫемлек, үлән, сәскә, ағас исемдәрен, тауар, туҡымаларҙы, хайуан һәм йәнлектәрҙе, ҡоштарҙың исемдәрен, төрлө ауырыу атамаларын аңлатмалар менән яҙа башланым. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү тураһында минең бик күп уйлаған бар. Ләлә Биишева менән был хаҡта һөйләшә лә торғайныҡ. Телселәр менән был эште бергәләп эшләп булыр ине. Ләкин әле мин телде аҙ беләм. Ләлә яҡшы белә. Практикаға ҡайтҡанда, беҙ уның менән был хаҡта оҙаҡ һөйләшеп ултырғайныҡ. Мин унан Жәлил Кейекбаевтың лекцияларын да алғайным, ләкин күсереп ултырырға ваҡыт булманы. Мәскәүгә Рәшит Ниғмәти менән Мостай Кәрим килгән. Күрешмәнек әле. Иртән Рафаэль менән «Москва»ға шылтыраттыҡ. Мостафа ағай өйҙә юҡ ине. Рәшит Ниғмәти: «До четырех часов в любое время приходите!» – тине. Һуңғы лекцияның бер сәғәтен ҡалдырҙыҡ та Шакир, Рәйес, Рафаэль, мин – күмәкләшеп ҡунаҡханаға киттек, 802-се бүлмә. Шаҡырға беребеҙ ҙә ҡыймай. Тәүҙә мин шаҡыным. Юҡ, өндәшмәйҙәр. Дежурный, ял итәләр, тине. Борсомаҫҡа булдыҡ. Сәғәт 3-кә тиклем көтөп ултырҙыҡ. Мин Кремль һарайына, ҡарт стеналарға ҡарап тороп, Иосиф Виссарионовичтың Мавзолей трибунаһында баҫып тороуын, уны тәүге ҡабат күреүемде күҙ алдымдан үткәрҙем. Мин уны был трибунала өс ҡабат күрҙем. Беренсе Май етә инде. Мәскәү байрам кейемдәрен кейә. Ишекте Шакир шаҡыны. Асылды. Индек. Рәшит Ниғмәти барыбыҙ менән дә күрешеп сыҡты. Мостафа ағай юҡ. Ағай сәй тәҡдим итте. Йырларға ҡушты. Рафаэль роялдә уйнап ебәрҙе. Рәшит ағай ҙур бүлмәлә хан кеүек йөрөп ята. «Сәлимәкәй»ҙе уйнағас, үҙе лә: «Ғашиҡ булдым ҡара ҡашыңа», – тип ҡушылып китте. Бик күңелле ултырҙыҡ. 28 апрель. Бородиндан һуң ҙур рус композиторы булып Римский-Корсаков күтәрелеп сыға. 15-тән артыҡ опера тыуҙыра. Бер үк ваҡытта педагогик эшмәкәрлеге менән дә дан ҡаҙана. Бик күп талантлы музыканттар тәрбиәләй. Белеме буйынса ул – диңгеҙ офицеры. Диңгеҙ оркестры менән етәкселек итә. Белинский, Чернышевский, Добролюбов йәш диңгеҙ офицерының уҡытыусылары була. Стасов, Балакирев уның прогрессив ҡараштарын тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Йәш композитор Вагнер эстетикаһына ҡаршы сыға, рустың реалистик сәнғәтен схоластик формализмдан ҡыйыу яҡлай. Ул рус модернистарын фашлауҙа ла роль уйнай. Ҡайһы бер тәнҡитселәр Римский-Корсаковты үҙенең мелодияһы булмауҙа ғәйепләй. Ул халыҡ ижадына ныҡ таяна, музыкаһы халыҡ йырҙарына үтә яҡын. Рус кешеләренең иң яҡшы сифаттарын, характерын, рухи көсөн, сафлығын, күңел киңлеген, халыҡтың үҙ ижадын белмәй тороп, Римский-Корсаков бер ҡасан да тулы һәм киң итеп, ҙур оҫталыҡ менән музыка яҙа алмаған булыр ине. 1–2 май. Бына инде май көндәлеге яҙа башланым. Берендә Рәғиҙәнең туйын үткәрҙек. Тәүге ҡабат мин студенттар туйында ҡатнаштым. Класташым Рәғиҙә, ауылдаш. Туйға саҡырып килгәс, уның бөтә тормош юлы, бергә уҡып йөрөгөн көндәр, детдомда һәм интернатта бергә йәшәлгән йылдар күҙ алдыма килеп баҫты. Туйҙа уҡыған шиғырҙы ғына яҙып ҡуям. Ике йәш ғүмерҙең ҡушылыуын ҡотлап, Яҡташтарҙың Мәскәү туйында, Теләк теләп һеҙгә бар йөрәктән Әйтәм ни булғанын уйымда. Ҡайындарҙың япраҡ ярған сағын Һайлап алды ғүмер яҙығыҙ. Йәшәүегеҙ емеш ҡойғанғаса Шул яҙҙы һеҙ һаҡлап ҡалығыҙ. Татыу йәшәгеҙ һеҙ, студент дуҫтар, Бөгөнгөләй, ғүмер буйына. Ауырлыҡтар килһә, уртаҡ булһын, Ә тормош бит түгел туй ғына. Ил ҡыуанһын һеҙҙең эшегеҙгә, Мин теләйем ҙурын шатлыҡтың, Һәм мөхәббәт сәскәһендә һәр саҡ Таң ысығы кеүек сафлыҡты. Юра тигән юрист-аспирант егет менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙе лә шиғырҙар, хикәйәләр яҙған егет. Әҙәбиәтте ныҡ һөйә. Классиктарҙы яҡшы белә. Ә минең наҙанлығым өсөн йөрәк ҡыҫылып ултыра. Күпме нәмәләр хаҡында нигеҙле фекер йөрөтөүҙән мәхрүммен! Хатта әҙәбиәтсе булмаған кешеләр менән дә һөйләшеүе уңайһыҙ. Өҫтән-мөҫтән генә йөҙөргә мин булдыра алмайым. Намыҫым ҡушмай. Тик бер нәмәне үҙемә тылҡыйым: уҡырға, уҡырға һәм уҡырға! Туйҙа төнө буйы ултырҙыҡ. Тик Даһиға килеп йөрөгән Рифғәт тигән егет һуғыш сығарҙы. Көскә аралап алдыҡ. Мөсәлиә Ғәлиевнаны (Хәйруллина) беҙ Флүрә Хәлитова менән оҙатып ҡайтып килгәндә, таң яҡтыра башлағайны инде. Һалҡынсараҡ ел иҫә. Плащты сисеп бирҙем. Кеймәй. Икәүләп ябындыҡ та алдыҡ. Мөсәлиә Ғәлиевна туйҙан бик ҡәнәғәт ине. «Бына инде, уҡыусыларығыҙҙың да туйҙары башланды»», – тиеүемә: — Инде сират һинеке, Рәми, – тип көлдө. Иртән Рәғиҙә барыбыҙҙы ла уятып, сәй ултыртып йөрөй ине. Мин бүләк иткән елбәҙәк яулыҡты муйынына һалған. Ул наҙлы ғына елберләп ҡуя. Туйға килеүселәрҙең яртыһы ҡайтып киткән: Әсғәт, Хөсәйен, Рауил, Рәғиҙә, Флүрә, Рәшиҙә, Аня, Оля, Расита (испанка), Люция, Рима, Маһинур, Фирүзә һәм мин мәжлесте дауам иттек. Фирүзә менән койкала стенаға һөйәлеп һөйләшеп ултырҙыҡ. — Әйҙә әле, Фирүзә, беҙ бит әле танышманыҡ та, – тинем мин. Өфө ҡыҙы ул. Фирүзә Еникеева. Мәскәүгә килгәненә дүрт йыл. Өсөнсө ҡыҙҙар мәктәбен тамамлап килгән. Әле экономический институтта уҡый. Имтихандарҙан һуң Башҡортостанға пароходта бергәләп ҡайтырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Уны бер ҡарауҙан уҡ яҡын иттем. Күҙҙәре уның ниндәйҙер көслө ҡараш менән ҡыйыу һәм аҡыллы, бер аҙ уйсаныраҡ та итеп ҡарай. Артыҡ күп тә һөйләшмәй, артыҡ алсаҡ та түгел. Һынаулы һәм ғорур күҙ ҡарашы йөрәкте елкендерә. Ләкин уға минең тәбиғәттәге кешеләр оҡшамаҫ кеүек. Ә оҡшарға тырышыу инде минең эшем түгел. Беҙ һөйләшеп ултырғанда Әсғәт (Әшрәпов) фотоға төшөрҙө. Измайловский паркына барып бик оҙаҡ йөрөнөк. Бер мәл татарҙар йыйынына барып сыҡтыҡ. — Давай аптыратайыҡ әле быларҙы, – тине Хөсәйен (Мәжитов) миңә. – Беҙ көрәшә башлаһаҡ, бөтәһе лә килеп етәсәк. Сисенеп ташланыҡ та Хөсәйен менән бер заман бик ныҡ итеп серәшә-серәшә алпан-толпан йөрөп алыша башланыҡ. Ысынлап та, беҙҙе күҙ асып йомғансы һырып алдылар. Татарҙар менән бергә өйөрөләргә төштөк. Халыҡ бик ҡыҙыҡлы уйнай. Уларҙың күплегенә иҫ китте. Йырлайҙар, бейейҙәр, әйләнәләр... Берәй ял көнөндә шуны күҙәтер өсөн генә килергә кәрәк булыр әле. Йырҙары беҙҙең яҡ йырҙарына һис оҡшамаған. Метрола мин Фирүзәнең бер минең менән генә күрешмәй айырылыуына ғәжәпләндем. Хәтер ҙә ҡалыбыраҡ ҡуйҙы. Башҡа төрлө уйҙар ҙа килде. 3 май. Кисә кис көндәлек яҙып ултырғанда Рафаэлдең ағаһы килде. Ишектән ингәс үк йылмайып, бик күптәнге таныш һымаҡ: — Сафин! – тип ҡул биреп күреште. Ул килгәндә Рафаэль урамға сығып киткәйне. Аҙыраҡ торғас ҡына килеп инде. Рафаэль минең летчиктарға бик яҡын булыуымды, аэроклубты бөтөп, осоуымды әйтеп: — Рәми ҙә беҙҙең летчик кеше! – тип ҡуйҙы. Беҙ, ысынлап та, тиҙ уртаҡ тел табып, авиация тураһында һөйләшеп алып киттек. Миңә ул бик оҡшаны. Асыҡ. Ябай. Ысындан да һауа арыҫланы. Лейтенант. Аҙаҡтан минең бүлмәлә ҡосаҡлашып тороп ятып йоҡланыҡ. Иртән Таҡташты, Туҡайҙы уҡып ултырҙыҡ. Мәскәүгә өсәүләшеп сығып киттек. Унан һуң Рафаэль менән мин Переделкиноға юлландыҡ, ағаһы Мәскәүҙәге дуҫына китте. Бөгөнгө хаттарҙы уҡыныҡ. Миңә Ҡазандан Хәким (Зарипов) яҙған, һаман әҙәбиәт менән хыяллана. Үҙе юрист. Илдар Юзеевтың хәле һаман да насар икән. Переделкинолағы буфетҡа инеп, вино, һыра менән һыйландыҡ. Кәйефләнеп алып, йылға буйлап йырлашып, һөйләшеп йөрөнөк. Ҡыҙҙар тураһындағы һүҙ һаман да ялҡытмай. Был темаға беҙ уның менән күп һөйләшәбеҙ. Туйҙар ҙа үткәрәбеҙ, балалар ҙа үҫтерәбеҙ, Дим буйына дачалар ҙа һалып ҡуябыҙ, ағастар ҙа ултыртабыҙ! Үкенесен ҡалдырмайбыҙ донъяның! Үҙебеҙ рәхәтләнеп көләбеҙ... 4 май. Диплом яҡлау. Иң беренсе булып Константин Ваншенкин яҡланы. Өсөнсө булып драматург Ғабдулла ағай яҡларға тейеш. Минең саҡырыуға пединституттан Рәғиҙә, Рима, Рәшиҙә, Флүрә, консерваториянан Хөсәйен (Мәжитов) менән Әлфиә килгәйне. Ғилемдар ағай ҙа, Шамил да (Мәхмүтов), Миҙхәт тә бар ине. Союздан да барҙар. Ажаев председателлек итә. Ғабдулла ағайҙың дипломы өсөн мин тыныс. Яҡшы буласаҡ. Ләкин бар эште Ғабдулла ағай үҙе боҙҙо. Өс сығарылышты тыңлап, беренсе тапҡыр шундай маҡтансыҡ сығышты ишеттем. Шул тиклем уңайһыҙландым, теләһә ер тишегенә инеп кит! Имеш, ул башҡорттарҙан беренсе булып әҙәбиәт институтын тамамлаусы! Әйтерһең, быға тиклем башҡорт әҙәбиәте булмаған. Әйтерһең, ул башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы! Белмәйем, ни булған уға... Һөйләгәндәрен яҙып алырға иткәйнем, булдыра алманым, ҡулдарым ҡалтырай ине. Бөтәһе лә ҡысҡыра: — Етәр, Әхмәтшин, етәр! Даһи минең арттан президиумға записка бирергә ҡушты. Бирҙем. — Әллә һин яҙҙыңмы? – тинем. — Эйе, – тине ул. – Һөйләйем. — Нимә тураһында? — Үҙебеҙҙең хаҡта. — Һин бит иҫерек, Даһи, кеше көлдөрмә. — Уныһы минең эш. — Юҡ, һинеке генә түгел. Мин һиңә һүҙ бирмәүҙәрен һорайым. Президиумға записка ебәрҙем. Аҙаҡ беҙ Рафаэль менән диплом йыуырға «Баку» ресторанына барманыҡ. Даһи Рәйескә мине унда «доносчик» тип атаған. Партия Үҙәк Комитеты үҙенең ҡарарында Башҡортостан тарихсыларына артабан эшләү өсөн программаны күрһәтеп бирҙе. Усманов ошолай үҙенең «хатаһын» таный. «Совет Башҡортостаны», 27 март, 1953 йыл. И. Зарипов һәм И. Ниғмәтуллин мәҡәләһенән. «Башҡорт аттары»: «Алыҫҡа һуҙылып киткән киң дала. Унда ҡыш көндәре саҡ ҡына ел булһа ла, ҡарҙы ер өҫтөнән бер туҡтауһыҙ һепертеп кенә тора. Ә ҡаты елле көндәрҙә ҡар бураны күҙ асҡыһыҙ. Соҡорҙар, һирәк осрай торған сауҡалар һәм урмандар ышығында ғына буранһыҙ, тымыҡ һауаны осратырһың. Бына шул ышыҡтарҙа Матрай районы колхоздарының һәм 109 номерлы йылҡысылыҡ заводының йылҡылары тибендә йөрөп ҡыш сыға. Бында башҡорт халҡының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса йылҡы көтөүҙәрен табунщиктар түгел, ә өйөргә ҡуйылған тоҡом айғырҙары көтәләр. Улар йылҡыларҙы бүреләрҙән һаҡлайҙар, бер генә сит кешене лә өйөргә яҡын ебәрмәйҙәр. Буран тынып торһа, өйөр айғырҙары көтөүҙәрен арҡа ерҙәргә ҡыуалар. Сөнки ҡалҡыу ерҙә ҡар йоҡа, йылҡыларға тибенеүгә еңел була. Буран ҡуҙғалһа, улар көтөүҙәрҙе тағы ла ышыҡҡа күсерәләр. Шуның өсөн дә бында табунщиктарға эш артыҡ ауыр түгел. Улар ике өйөр айғырҙары бер-береһе менән талашмаһындар өсөн генә, ситтән ҡарап, күҙәтеп йөрөйҙәр... Башҡорт тоҡомло аттар йөк ташыуҙа ла, һыбай йөрөүҙә лә ныҡ, сыҙамлы. Улар ҡыш көнө тибендә үҙҙәрен-үҙҙәре аҫрап сығаралар... 18 май. Дж. Родариҙың балалар өсөн яҙған шиғырҙарын тикшерҙек. Балаларға ҡыҙык әйбер ололарға ла ҡыҙыҡ. Балаға мораль уҡыусы түгел, тәрбиәсе кәрәк. Бала тәбиғәтенә ҡоро дидактика тәьҫир итмәй, итә икән – кире яғы менән. Джанни Родари донъяны бала күҙе менән ҡабул итә. Беҙ лекциянан сығыуға, Хөсәйен Мәжитов килгәйне. Консерваторияға саҡырҙы. Бөгөн уның диплом имтиханы. Беҙ Рафаэль менән барып инеүгә, бөтә башҡорттар йыйылып бөткәйне. «Снегурочка»нан Мизгирҙы йырлай. 19 май. Чайковский. Әгәр ҙә «Евгений Онегин» лирик опера булһа, «Пиковая дама» тәрән психологик әҫәр. Музыкала психологияны биреү – Чайковскийҙың төп сифаты. «Пиковая дама» – социаль драма. Германға үҙенең яратҡан ҡыҙының мөхәббәтенә ирешеү өсөн байлыҡ кәрәк. Графиняның серле кәртенә эйә булыу моменты уның тормошон хәл итә. Германдың күңелендә ике фекер. Ул Лизаны һөйә һәм аҡса тураһында уйлай. Байыу идеяһы аҙаҡҡа табан маҡсатҡа ирешеү сараһына әйләнеп китә. Был Лиза менән Германдың яҙмышын да хәл итә. Графиняның йөрәге ярылып үлә. Лиза мөхәббәтенән ваз кисә. Герман һәләк була. Яҙмыш һәм мөхәббәт бер-береһе менән көрәшә. Лиза үҙенең ғүмерен, Герман һәләк булғандан һуң, һыуға ташланыу менән тамамлай. Чайковскийҙың симфониялары ла рус музыкаһында ҡиммәтле ҡомартҡы булып тора. Дүртенсе симфонияһы, мәҫәлән, тәрән эстәлекле. Ул яҙмыш көсөнөң кеше бәхетенә ҡамасаулауын күрһәтә. Әҫәр халыҡтың киләсәккә өмөт менән ҡарауы, еңеүе, тантана итеүе менән тамамлана. Зоя Космодемьянская бына ни өсөн бик яратҡан был симфонияны! Алтынсы симфония – Чайковскийҙың һуңғы симфонияһы. Бында ла яҙмыш (фатум) менән көрәшеү. Ләкин уның финалы фажиғәле, хәсрәтле. Ләкин бында ла яҙмыш алдында көрәшһеҙ генә баш эйеп ҡалыу юҡ. Тормош – көрәш талап итә. Тормошта һәм кешеләрҙә яҡшылыҡты күреү талабы Чайковскийҙа ғәҙәттән тыш көслө була. Үҙенең иғтибарлы һәм киң күңелле булыуы менән ул бөтә кеше тарафынан яратыла һәм бөтәһенә лә кәрәкле була. Уның тормошо бик күп кешеләр менән бәйле. Чайковский музыкаһы бөтә Европала яңғырай, ҡайҙа ла уның даны йөрөй. «Обыкновенно вдруг, самым неожиданным образом, является зерно будущего произведения, – тип яҙа ул Надежда Филатовна Мекка, – если почва благоприятная, то есть расположение к работе, зерно это с непостижимой силой и быстротой пускает корни, показывается из земли, пускает стебель, листья, сучья, наконец, цветы. Я не могу иначе определить творческий процесс, как посредством этого уподобления... Напрасно я бы старался выразить словами все неизмеримое блаженство, которое охватывает меня, когда является главная мысль и когда она начинает разрастаться в определенные формы. Забываешь все, делаешься как сумасшедший. Все внутри трепещет и бьется, едва успеваешь намечать эскизы, одна мысль перегоняет другую». «Моцарт, Бетховен, Шуберт, – тип яҙа ул шағир К. Романовка, – сочиняли свои бессмертные творения совершенно так, как сапожник шьет сапоги, то есть изо дня в день и большей частью по заказу. В результате выходило нечто колоссальное...» 22 май. 30 майҙа рус теле тарихынан зачет. Кисә Тургеневтың «Ру-дин»ын уҡып сыҡтым. Островскийҙың пьесаларын башланым. Китапхананан «Дворянское гнездо» романын алдым. Эш муйындан! Көнбайыш әҙәбиәте бөтөнләй уҡылмаған! Имтихандарға әҙерлек көндәре минең өсөн иң яҡшы, иң тулы көндәр буласаҡ! Тургеневтың теленә, тәбиғәт һулышына иҫереп уҡыйһың. Бына хәҙер Виноградовтың «Бөйөк рус теле»н уҡый башлайым. «В языке своем народ в продолжении многих тысячелетий и в миллионах индивидиумов сложил свои мысли и свои чувства. Природа страны и история народа, отражаясь в душе человека, выражались в слове. Человек исчезал, но слово, им созданное, оставалось бессмертной и неисчерпаемой сокровищницей народного языка; так что каждое слово языка, каждая его форма-есть результат мысли и чувства, через которые отразились в слове природа страны и история народа». К. Д. Ушинский «Истинная национальность состоит не в описании сарафана, но в самом духе народа. Поэт даже, может быть, и тогда национален, когда описывает совершенно сторонний мир, но глядит на него глазами своей национальной стихии, глазами своего народа, когда чувствует и говорит так, что соотечественникам его кажется, будто это чувствуют и говорят они сами». Н. В. Гоголь «Какой красивый русский язык: все преимущества немецкого без его ужасной грубости». Ф. Энгельс 23 май. Тышта йоҡланым. Көнбайыш әҙәбиәтенән Флоберҙы үтәбеҙ. Ғөмүмән, көнбайыш әҙәбиәте һәм рус әҙәбиәте буйынса лекцияларҙы мин ныҡ тырышып яҙам. Конспекттарҙы яҡшы тышлы ҙур дәфтәргә яҙып барам һәм уларҙы бик яратам. Мин уларҙы студент йылдарымдың матур иҫтәлеге итеп һаҡлап ҡаласаҡмын. Киләсәктә улар миңә кәрәк тә буласаҡ әле. Сөнки мин уларға үҙемдең фекерҙәремде лә ҡушып яҙам. Кис Рәйес һыра менән һыйларға алып китте. Аҙаҡ бик оҙаҡ ғаилә, мөхәббәт, әҙәбиәт тураһында һөйләшеп йөрөнөк. Уға Добролюбов, Чернышевский, Некрасов һәм Тургенев тураһында, «Современник» журналындағы ҡаршылыҡтар хаҡында һөйләнем. Мин үҙемдең һүҙҙәрҙең Рәйескә файҙалы икәнлеген беләм, шуға һөйләгем килә. Ә бына семинарҙарҙағы сығыштар миңә нисектер яһалма һәм мәғәнәһеҙ кеүек. Сөнки һәр семинар ҙа бөтә йөрәктән бәхәсләшеү, фекер алышыу була алмай, формаль рәүештә бурыстарҙы үтәү булып китә. Бындай саҡтарҙа тыңлап ҡына ултырғаның хәйерле. Унан һуң, семинарҙа әҙәбиәтте ныҡ өйрәнгән кешеләр ҙә ҡатнаша. Уларҙы тыңлау бик файҙалы. Оҫта барҙа – ҡулыңды тый, остаз барҙа – телеңде тый, тип тик ултырам. Бының менән мин, әлбиттә, күп нәмәне юғалтам. Һөйләргә өйрәнеү кәрәк бит. Шулай ҙа, нығытып уйлап ҡараһаң, һөйләй белеү – эшләй белеү түгел, тип тә ҡуяһың. Ә минең эшләргә өйрәнгем килә. 24 май. Тирә-яҡ йәм-йәшел. Алмағастар, муйылдар ап-аҡ сәскәлә ултыра. Ландыштар ҙа, сирендәр ҙә, еләк тә сәскә атҡан. Ҡайындарҙың япраҡтары ҡояш нурҙарына ялтырап күренә. Иң яратҡан ағасым ҡайын минең. Бигерәк тә юл ситендәге яңғыҙ ҡайынды яратам. Ул, иртән институтҡа ашыҡҡан саҡта, иң беренсе булып мине ҡаршы ала һәм кире ҡайтҡанда оҙатып ҡала. Тәбиғәттең һәр күренешендә үҙенә генә хас матурлыҡ бар. Шуларҙың бөтәһен дә тоя белергә, Тургенев кеүек һүрәтләй алырға кәрәк. Хәҙер мин тәбиғәт тураһында Тургеневһыҙ уйлай алмайым. Ә Добролюбовты уҡығандан бирле мин йәшәй башланым. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта уйланыуға бирелдем. Файҙалы әйберҙәр яҙа алмау ҡурҡыта. Үҙ-үҙемә күп ваҡыт ышанып етмәй ҙә ҡуям. Ә мөхәббәт йоҡлай. Бик ныҡ һөйгөм һәм һөйөлгөм килә. Һөйөрлөк кешем юҡ. Ата булғым килә минең. Яратҡан дуҫым ғына түгел, ныҡ яратҡан ҡатыным да булырға тейеш. Бына инде институтты тамамларға ике генә йыл ҡалды. Әйләнеү һис тә иртә түгел. Ваҡлағым килмәй үҙемде. Тулы тормош менән йәшәгем килә. Үҙемдең ҡатынымдан башҡа мин бер кемгә лә булырға тейеш түгел. Кисә Рәйес менән был турала һөйләшкәндә: — Эштән ҡайтыуыңа муйыныңа балаң килеп аҫылынырлыҡ булмаһа, нимәгә ул ғаилә ҡороу! – тигәс, ул көлөп ҡуйҙы. 25 май. Совет әҙәбиәте семинарында комедиялар тураһында һөйләштек. Буханов Виталий менән Чебодаев Михаил һөйләне. Жанр – ҙур культура. Уны инҡар итеү ярамай. Сатирик комедия – хәҙер иң кәрәкле жанрҙарҙың береһе. Әле мещанлыҡ тулып ята. Сатира өсөн ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Ҡурҡаҡ сатирик та, ябай әҙәбиәтсе лә түгел. К. С. Станиславскийҙан: «Люби искусство в себе, а не себя в искусстве». «Надо самому научиться брать то, что нужно и важно... Надо уметь брать полезное... Недостатки перенимать легко, но достоинства – трудно». «Собственный пример – лучший способ заслуживать авторитет». 26 май. Глазунов – симфонист. Уның музыкаһының иң күҙгә ташланып торған үҙенсәлеге – драматизм булмауы. Был турала уның үҙенә Чайковский әйтә һәм борсолоуын белдерә. Сөнки был Глазунов ижадының сикләнгәнлеген күрһәтә. Лядов – музыкант-миниатюрист. Ваҡ әҫәрҙәр генә яҙа. «Баба Яга», «Кикимора» кеүек характерлы әҫәрҙәре бар. Ул – лирик. Драматик момент уның ижадында ла бик аҙ урын ала. Лядов халыҡ ижадына ла тарыраҡ ҡараш менән килә. Глазунов та, Лядов та – Петербург композиторҙары һәм уларҙың рус музыкаһында үҙ урындары бар. Мәскәү композиторҙарынан был ваҡытта Танеев үҫеп сыға. Ул ашыҡмай, бик уйланып яҙа. Оҙаҡ уйланыуы, үтә рационаллеге Чайковскийҙы борсой. Танеев – бик яҡшы педагог, музыкант-ғалим, оҫта пианист та булып таныла. Аренский үҙенең симфонияларында бик тә Чайковскийға яҡын. Ләкин ул уға лирико-элегик яғы менән генә оҡшаш. Уға ла драматизм хас түгел. Ипполитов-Иванов – Римский-Корсаковтың уҡыусыһы. Уға Чайковскийҙың тәьҫире бик ҙур. Иң күренекле әҫәрҙәренән – «Кавказ эскиздары» операһы. Тургеневтың «Ася»һы буйынса яҙылған. Рус операһын башҡарыу 19-сы быуат аҙағанда юғары дәрәжәгә күтәрелә. Быға тиклем рус театрҙарында итальяндар хөкөм һөрә. 90-сы йылдарҙа бик күп йырсылар, сәхнә оҫталары үҫеп сыға. Был ваҡытҡа Чайковский опералары ҙур популярлыҡ яулап ала. Мәскәүҙә Мамонтов театры барлыҡҡа килә. Унда Врубель, Серов кеүек оҫта художниктар эшләй һәм бында бөйөк Шаляпиндың тауышы яңғырай башлай. Уны бөтә донъя ишетә. Шаляпин Борис Годунов, Иван Грозный, Князь Игорь кеүек ҙур һәм ҡатмарлы образдарҙы тыуҙыра. 19-сы быуат аҙағында реалистик тенденция менән идеалистик йүнәлештәрҙең ҡаршылығы көсәйә. Музыкаль тәнҡит өлкәһендә 19-сы быуат классиктарына ревизия яһау башлана. «Таҙа сәнғәт» ағымы барлыҡҡа килә. Был ағым рәссамдар араһында ла тарала. Көнбайыш музыкаһындағы импрессионистик ағым 1905 йылғы революциянан һуң киң ҡолас йәйә. Экспрессионистар, символистар, модернистар күбәйеп китә. Был реакцион йүнәлештәргә Римский-Корсаков, Рахманинов, Глазунов, Лядов, Танеевтар ҡаршы сыға. Скрябин башта (1903 йылға тиклем) реалистик әҫәрҙәр яҙа. Йәш композиторҙың музыкаһына кеше бәхете өсөн көрәшеү, бунтарлыҡ темалары хас. Аҙаҡ ул реализмдан ситкә китә, модернистик музыка менән мауыға, тональносын юғалта, өндәр йыйылмаһына күсә, юғала. Һуңғы йылдар Скрябины менән йәш, бунтарь Скрябин араһында ҙур айырма бар. Сергей Васильевич Рахманинов – Чайковский һәм кучкистар традицияһын тайпылғыһыҙ дауам итеүсе. Модернистик тәнҡитселәр уның өҫтөнә бер туҡтауһыҙ тәнҡит өйә, эпигонлыҡта ғәйепләйҙәр. Ул да, йәш Скрябин һымаҡ, тыйылғыһыҙ бунтарь булып күтәрелә. 1905 йылдан һуң да был темпераментын юғалтмай һаҡлап алып ҡала. Уның ижадында Тыуған ил темаһы, рус тәбиғәте, рус кешеһенең характеры сағыла. Рахманинов үҙенең ғүмерен Америкала тамамлаһа ла, һәр ваҡыт рус кешеһе булып ҡала. Ул 1953 йылдың 28 мартында Америкала үлә. Ватан һуғышы барған ваҡытта ул Ҡыҙыл Армияға ярҙам фондына үҙенең концерттарын ҡуя. 27 май. Рус теленән диктант яҙҙыҡ. Проза теорияһы буйынса киске 6-ла Л. Тимофеев зачет алды. Социалистик реализм методының төп үҙенсәлектәре тураһындағы һорау эләкте. Насар һөйләнем. Шулай ҙа Тимофеев «рәхмәт, рәхмәт» тигән булды. Минән һуң, иң аҙаҡҡа ҡалып, Арнольд Тамм һөйләне. Ул, тәнҡитсе кеше, яҡшы һөйләй, әлбиттә. Иртәгә музыка теорияһынан зачет. Рафаэлде кисә Ижад йортона күсереп ҡуйҙым. Уларҙың бүлмәһенә заочниктарҙы урынлаштырасаҡтар. Рафаэль һыуыҡ тейҙергән. Танауы ҡанай. Сәләмәтлеге яҡшы түгел. Быйыл сирҙән башы сыҡманы. Тормошондағы иң ауыр йылылыр был уға. Бик интекте. Кисә ул, Шакир менән һөйләшеп ултырғандан һуң, миңә килде. Мин Шакирға булған бөтә ҡарашымды әйтеп, үҙенә хат яҙырға булдым. Ә әлегә бөтә йөрәктән иптәштәрсә һөйләшеү мөмкин түгел. 28 май. Профессор С. А. Богусловскийҙың «Глинка»һын уҡый башланым. «Создает музыку народ, а мы музыканты, только ее оранжируем». Глинка. Композитор, пианист, йырсы, педагог, шағир һәм рәссам ул Глинка. Бөтә ғүмере буйына телдәр өйрәнә. Латин, француз, немец, инглиз, испан телдәрен белә, фарсы теле менән дә таныша. Глинка, Пушкин кеүек, башҡа халыҡтарҙың ижадына ҙур ихтирам менән ҡарай, уларҙы өйрәнә һәм һөйә. Ул сәйәхәт итергә ярата һәм был мөхәббәт уға күп яңылыҡ бирә. Чайковский уның «Славься» тигән данлау йырын «архигениальный» тип атай. Глинка беренсе рус милли операһын ижад итеүсе. Был опера бөйөк рус операларының ҡояшы булып балҡый һәм уларға увертюра булып тора. 1 июнь. «Язык создается народом. Деление языка на литературный и народный значит только то, что мы имеем, так сказать, «сырой» язык и отработанный мастерами. Первым, кто прекрасно понял это, был Пушкин, он же первый показал, как следует пользоваться речевым материалом народа, как нужно обработать его». М. Горький «Не надо забывать, что наша страна разноязычна неизмеримо больше, чем любая из стран Европы». М. Горький Ҡояш инде бешермәй – күләгә аҫтында ҡалдым. Етерлек яндым бөгөнгә. Серәкәйҙәр генә рәхәтләнде ҡанды эсеп. Еләҫ кенә ел үлән баштарын елберләтә. Юғарыла ҡарағай ботаҡтары өҙлөкһөҙ шаулай. Улаҡтан тирмән ҡуласаһына шарлап төшкән тауыш бер туҡтауһыҙ ишетелеп тора. Урман иртәнән бирле ҡоштар моңона сумған. Ҡайһыһы һыҙғыра, ҡайһыһы тел шартлата, ҡайһыһы сипылдай, ҡайһыһы сырылдай, ҡайһыһы шыҡырҙай. Яҡында ғына өҙөп-өҙөп кәкүк саҡыра. Уға һаҡауланырға иртә әле. Тәүге кәкүк тауышын мин ун өсөнсө майҙа иртән ишеткәйнем. Еләк тә шул тирәлә сәскә ата башланы. Әле улар ап-аҡ сәскәлә. Ап-аҡ күбәләктәр леп-леп кенә осоп йөрөй. Ахыры, улар еләк күбәләктәре. Яҙҙың тәүге көндәрендә, тәүге һары сәскәләр сыҡҡан саҡта, тик һары күбәләктәр генә күренә ине. Ә был аҡ күбәләктәр гел еләк сәскәләре өҫтөндә уралалар. Эҫенән тамаҡ ҡатты. Ләкин уҡып бөтмәйенсә, бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмаҫҡа! 3 июнь. Бына Тургеневтың «Аталар һәм балалар»ын уҡып сыҡтым. Романдың аҙағында: «Август, 1861» тигән дата тора. Күңелдә әллә ниндәй үҙем дә аңламаған нәмә. Тургеневтың был романын уҡығанда, элеккеләрен уҡығандағы һымаҡ, бер бөртөк тә күҙ йәшем сыҡманы. Ләкин ул миңә бөтә уҡылған әйберҙәрҙән дә ныҡ тәьҫир итте. — Беләһеңме, Леня, Тургеневты уҡығандан һуң мин хәҙер шиғырҙар яҙа алмам инде, – тинем. – Белмәйем, ни булды миңә. Шиғырҙарымды ҡалдырыу ауыр миңә. Башҡаса мин шағир булмам кеүек. Рафаэль дауам итһен минең шиғырҙарҙы. Ул миңә бик яҡын. Мин уға бик күп ярҙам итергә тейешмен. Ул инде мине ҡыуып етте һәм ул уҙып китеп, алға, юғарыға, ҙур шағир булыуға атларға тейеш. Яҡшы хикәйә яҙыу өсөн миңә әле бик күп эшләргә кәрәк. Урманда шиғырҙар яҙған ҙур йәшел дәфтәрҙе ҡарағай төбөнә алып ырғыттым. Үҙ-үҙемә: — Йүләр! Малай! Бәхетһеҙ! – тип ҡысҡырҙым. Тауышым үҙемде ҡурҡытты. Йәшел үләндә тәгәрәнем. Ләкин илай алманым. Июндә әллә ниндәй әле һис бер күрелмәгән көс бар һымаҡ... 4 июнь. 19-сы быуат рус әҙәбиәтенән консультация. 40–60-сы йылдар. Герцен, Огарев, Тургенев, Гончарев, Островский. Һуңлап килгәндәр ишектән аяҡтарын һаҡ ҡына баҫып инә. Бөтәһен дә һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Имтихан мәлендә хәле һәр саҡ шулай студенттарҙың. Василий Чалай ғәҙәттәгесә аҡылһыҙ, көлкөлө һорауҙарын бирә. Берәүҙәр көлә, берәүҙәр сырай һыта, берәүҙәр тыя, берәүҙәр юрый ҡоторталар. Ә Поспеловҡа һылтау ғына булһын, бәхәсләшә бирә. Танау аҫтындағы трапеция формаһындағы сал инә башлаған һорғолт мыйығы ирендәренең төрлө мимикаһына уйнап тора. Геннадий Николаевич ҡулдарын ҡатыштырмайынса һис ҡасан һөйләй алмай. Ул ҡулына эйәген ҡуйған килеш күҙен ҡыҫып ҡына тыңлай ҙа муйынын төрлө яҡҡа һуҙып-борғолап һөйләй башлай. Бәләкәй генә һоро күҙҙәре янып тора. Ҡаршы фекер әйткәндә, һөҙәк кенә ҙур маңлайындағы тиреһе йыйырыла, һирәк ҡаштары бер-береһенә яҡыная. Йүнле һорауҙар булманы. Тургеневтың «Аталар һәм балалар» романы ике һорауҙа буласаҡ. «Аусы яҙмалары» ла ике һорауға бүленә. Поспелов яҙыусыларҙың иң ҙур әҫәрҙәре буйынса даталарын ҡуйып таблица эшләргә кәңәш бирҙе. Менделеев таблицаһы кеүекме, тип көлөштөк. Китапханаға төшөп Гончаровтың «Обломов»ын, Чернышевскийҙың мәҡәләләрен алдым да Виталий Буханов менән ҡайтып киттек. Электричкала ҡайтып еткәнсе бер пионерканың мәсьәлә сығарғанын ҡарап килдем. Форма кейгән. Муйынында – ҡыҙыл галстук. Күҙҙәре шул тиклем аҡыллы ҡарай. Миңә ҡарап бик матур итеп йылмайҙы. Йөрәк ашҡынып китте. Исемен һорай алманым. Төн. Бына инде Тургеневтың икенсе повесын да уҡып сыҡтым. «Ася» ла, «Тәүге мөхәббәт» тә ҡот осҡос фажиғәле! Тургеневтың шундай бөйөк оҫталығына һоҡланып бөтә алмайым. Шулай ҙа Горькийҙы уҡығым килә минең хәҙер. Уны уҡыған- да һәр саҡ шиғыр яҙғым килә. Ә Тургеневты уҡығандан һуң йәшәге лә килмәй. Һәр бер әҫәрендә мин үҙемде күргән кеүек булам. Ә үҙеңде Тургеневса күреүҙән ниндәй ауырлыҡ булырға мөмкин? Үҙемде мин хәҙер аңламайым. Дилараға көндөҙ хат яҙҙым. «Дилара! Бик ныҡ хәтереңде ҡалдырҙым буғай? Һин дөрөҫ асыуландың миңә. Аңлайым. Һин бөтөнләй шундай тупаҫлыҡты көтмәгәйнең. Ләкин мин бының өсөн үкенмәйем. Ғәфү итеүеңде лә теләмәйем. Һине уйлағанда мин элекке кеүек янмайым да, кисермәйем дә. Был юлдарҙы ла үҙем дә аңламаған һалҡынлыҡ менән яҙам. Ләкин минең һиңә бер генә ҡабат ҡарағым, күргем килә. Бына имтихандарҙы бөткәс, Ленинградка барып киләм дә пароходта Ҡазан аша ҡайтырға ниәт итәм. Һине күрергә тейешмен, әгәр ҙә был һине ҡурҡытмаһа? Ҡазанда мин өс көнгә генә туҡталам. Унда минең бер кемем дә юҡ. Бер кем дә көтмәй мине. Әгәр ҙә мөмкин булһа, һин миңә Туҡайҙың, Таҡташтың ҡәберен күрһәтерһең, үҙең яратҡан урындарға алып барырһың. Теләмәһәң, мин үҙем генә ҡарармын да, һин йөрөгән урамдарҙы, һин яратҡан урындарҙы күрермен дә юлымды дауам итермен. Әгәр осрашһаҡ, һин миңә шиғыр яҙып маташыусы итеп ҡарама. Һәм бер ни ҙә һорашма. Хәҙер мин шиғырҙар яҙа алмайым. Бөтә йөрәктән кисереп яҙған һуңғы шиғырым да һиңә булды. Инде хәҙер минең әйберҙәрҙе уҡырға тура килмәҫ. Һинең хәтереңде ҡалдырған һуңғы хатты мин үҙемә лә бик ауыр булған саҡта яҙҙым. Хатымда, бәлки, дөрөҫлөк тә барҙыр аҙыраҡ. Ләкин үҙеңдең хаҡта шулай уйлама. Ул минең үҙемә асыуым, үҙ-үҙемде хөкөм итеүем генә. Риза булһаң, яҙ. Өндәшмәһәң, бер ни ҙә юҡ, тип аңлармын. Хуш. Сәләм менән Рәми». Рафаэль менән һөйләштек. Мин шиғырҙарҙан һыуыныуымды һөйләгәс, ул ғәжәпләнде. — Юҡ уй уйлама, әле бик күп яҙаһы бар. Был һинең ваҡытлыса ғына күңелһеҙләнеүең, – тип йыуатҡан булды. – Әле генә йыйынтыҡ сығарырға дәртләнә инең бит! «...вина – это редкость, это исключение из правила; беда – это эпидемия. Умышленный поджог – это вина; зато из миллионов людей находится один, который решается на такое дело. Есть другой признак, нужный для дополнения к первому. Беда обрушивается на том самом человеке, который исполняет условие, ведущее к беде; вина обрушивается на других, принося виноватому пользу. Этот последний признак чрезвычайно точен». «Признак верен, но если применять ее с некоторой проницательностью, с внимательным разбором фактов, то окажется, что вины почти никогда не бывает на свете, а бывает только беда». (Разбойник тураһында. 186-сы бит.) Чернышевский Тургенев геройын бына шул бэлэ тырнағындағы кеше итеп тикшерә. Уның бәләһе – ул йәшәгән мөхиттең һәм ул алып барған ваҡ тормоштоң, маҡсатһыҙ, һай йәшәүҙең бәләһе. Ул аҡыллы һәм намыҫлы. Ләкин ул үҙе йәшәгән йәмғиәттең ҡорбаны. Тургеневтың бик күп геройҙары – бына шул тормоштоң ҡорбандары. Ҙур тормошта үҙеңдең бөтә көсөңдө биреп ҡатнашмаһаң, һин бик бәләкәй һәм бик ҡыҙғаныс кеше. Сөнки кешенең урыны – ҙур тормошта. Шундай кеше генә ҙур һәм ғүмерле эске донъя менән йәшәй. Ҙур тормоштан айырып ҙур нәмәләр тураһында уйлау – йоғошло ауырыу менән бер. Йәшәмәйенсә йәшәү тураһында уйлау кеүек. Кеше тулы тормош менән йәшәргә тейеш. Чернышевскийҙы уҡып, шундай фекергә киләһең. «Как бы ни были умны и благородны собеседники, если они не говорят о делах общественного интереса, они начинают сплетничать или пустословить». «...Какова широта взгляда, такова и широта решений». «Нельзя не пропитаться пьяным запахом тому, кто живет в кабаке, хотя бы сам он не выпил ни одной рюмки; нельзя не проникнуться мелочностью воли к тому, кто живет в обществе, не имеющем никаких стремлений, кроме мелких житейских расчетов». «Ребенок, который боится буки, зажмуривает глаза и кричит как можно громче, что буки нет, что бука – вздор, – этим, видите ли, он ободряет себя. Мы так умны, что стараемся уверить себя, будто все, чего трусим мы, трусим единственно от того, что нет в нас силы ни на что высокое, – стараемся уверить себя, что все это вздор, что нас только пугают этим как ребенка букою, а в сущности ничего такого нет и не будет». Үҙеңдәге бөтә ваҡлыҡты, бөтә ҡәбәхәтлекте, бысраҡлыҡты ваҡытында, ваҡытында бөтөр! Бөтә ихтыярыңды, көсөңдө бир. Аҙаҡ һуң булыр, үкенерһең, ләкин үтелгән кире әйләнеп ҡайтмаҫ. Был еңел түгел. Үҙ-үҙең менән көрәшеүҙән ауыр, ғазаплы нәмә юҡ. Ләкин үҙ-үҙеңде еңеү һине бик көслө итә. Үҙен еңгәндәр тормошта еңә ала. Бәләкәй генә нәмәнән, әйтәйек, тәмәкенән алып, үҙеңде еңергә, ҙурына тиклем еңергә тырыш. Үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн зарарлы булған бөтә кире нәмәне еңергә ихтыяр көсөңдө ек. Таҙа тәндә – таҙа рух. Ихтыяр, ихтыяр һәм ихтыяр көсө генә һинең ауыр, ғазаплы хеҙмәтеңә юлдаш. Еңеү, иң ауыр еңеү, бик бәләкәй нәмәләрҙе еңеүҙән башлана. Тамсынан күл йыйыла. Ептән арҡан ишелә. Берэүҙэн мең була. Бәләкәй нәмә тип ҡараған тәмәкең дә – һинең ғүмереңдең, кешеләрҙең тормошо өсөн көрәшкә арналған ғүмереңдең йәшерен, аҫтыртын һәм яуыз булған дошманы. Бәләкәй аламалыҡты ғәҙәт итмә. Былар һүҙ генә түгел – тормошом. Беләм: миңә бик, бик ауыр буласаҡ. Белгән өсөн дә шулай ҡарар итәм. Бөгөндән! Чернышевский миңә һәр саҡ уҡытыусы булып ҡаласаҡ. Йәшәү ни тиклем ауыр! Йәшәү ни тиклем ғазаплы! Ләкин мин йәшәү яҡлы. Йәшәүҙе генә һөйәм мин. Уны хыянатһыҙ һөйөргә тейешмен. Чернышевскийҙың мәҡәләһен 4-се яртыла ғына уҡып сыҡтым. Ә иртән башлағайным! 5 июнь. Һис күңелем төшмәй генә Гончаровтың «Обломов»ын уҡый башланым. Ләкин ни күрәм?! Айырыла ла алмайым! Бына һиңә Гончаров! Характерҙар ни тиклем төрлө-төрлө! Тел ниндәй тәбиғи! Аптыраным. Кискә тиклем 100 биттән артығыраҡ уҡып туҡтаным. Иртән, баш арымаған саҡта, Белинскийҙың «Взгляд на русскую литературу 1847 года» мәҡәләһен уҡып ҡуйырға булдым. Герценды уҡыу өсөн дә баштың бик саф булыуы кәрәк. Һәр һөйләм һайын фекер, фекер, фекер. Рәйес килеп сыҡты. Имтихандарҙы нисек биргәнен, Белинский тураһында фильм ҡарауын, Белинскийҙың тәнҡитенә Некрасовтың асыуланып йөрөүен (һинең шиғырыңа мин асыуланған кеүек, тип көлдө), аҙаҡ дуҫлашыуҙары тураһында һөйләне. Бөгөн Рафаэль менән Шакир ҙа имтихан тапшыра. Ни менән ҡайтырҙар инде? 7 июнь. Ҡояш бешерә. Талғын ғына ел иҫә. Күңел сыуаҡ көн кеүек яҡты. Үҙ-үҙемде ҡулға алып киләм. Тартмайым. Теләһә ниндәй ваҡлыҡтарҙан үҙемде тыям. Уҡыйым һәм уҡыйым. Был тулы тормошло көндәр өсөн күңел ғазапланырлыҡ түгел. Ян һин, тормош, балҡы, гөрлә! Кисә Тоня менән урманда һөйләшеп йөрөп ҡайттым. Мин үҙемде бала кеүек хәсрәтһеҙ, ғәмһеҙ итеп тойҙом. Төнө буйы, яҡтырғансы, Тоняны ҡосаҡлап ултырғым килде. Тик китаптар көтә ине. Тоняға ла иртәгә имтихан. Нимәһе менән ул миңә яҡын? Бит мин бөтөнләй уның менән бергә булыу тураһында уйламайым. Һис бер уйһыҙ, борсолоуһыҙ яратам уны. Яратам мин рустарҙы. Үҙемдә әллә рус ҡаны булғанғамы? Юҡ, мин үҙемде тик башҡорт ҡына итеп тоям. Ләкин рус кешеһе алдында миңә һәр саҡ рәхәт. Донъяла иң, иң ышаныслы, ябай, көслө, аҡыллы һәм киң күңелле кешеләр – рустар. Мин уларҙы үҙемдең бәләкәй генә тормошомдан сығып ҡына түгел, ә рус фекеренең ҙур тарихынан, әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт тарихынан сығып күрәм. — Шул тиклем йыраҡҡа барып уҡыйһың. Һинән башҡа бында шайтан да килмәҫ, – тине Тоня. Көлөштөк. Өҙөп-өҙөп кенә һандуғас һайрай, кәкүк саҡыра. Үләндәрҙең хуш еҫе аңҡый. Тоня ултырҙы. Мин дә. Бер ҡайын сыбығына болаштыҡ... Мин, тиле, уны үптем дә алдым... Ул минең күкрәгемә башын ҡуйып оҙаҡ тынып ҡалды. Йөрәгем дөп-дөп тибә. Мин уны ҡосағыма ҡыҫтым. Һүҙҙәр шундай яғымлы. Тик улар бөтөнләй аҙ. Беҙ сәскәләр араһында ҡосаҡлашып, баштарҙы терәшеп оҙаҡ ултырҙыҡ. Мин үҙемдең ҡыйыулыҡҡа һәм уның ҡарышмауына, бер һүҙ ҙә әйтмәүенә аптыраным. «Бына һиңә урман шүрәлеһе...» Ҡояштың һуңғы нурҙары күк йөҙөн алландырған, күгелйем болоттар ҡыҙыл нурға сумып, ниндәйҙер сихырлы ҡаялар кеүек күтәрелеп тора. Беҙ етәкләшеп йылғаға йүгереп төштөк. Мин уны уҙҙым да йүгереп килгәндә күтәреп алып өйрөлттөм. Йылғала ҡойондоҡ, шаярҙыҡ, көлөштөк. Островскийҙың пьесаларын Ленянан алып ҡарағанда Герцендың «Былое и думы» китабы килеп сыҡты. Герцен менән Огаревтың дуҫлығы тураһында яҙылған бүлекте уҡып сығырға ине. Таптым! IV глава: «Ник и Воробьевы горы». Шунда уҡ уҡып сыҡтым. Йөрәк дөп-дөп типте. Нисектер ашҡындым... Ниндәй саф, ҙур дуҫлыҡтың башланыуы! Тәүҙә Герцен нисектер аңлашылмаған һәм күңелһеҙ кеүек ине, хәҙер ул минең аллама әйләнде. Йәйге каникулда мин уны ныҡлап уҡыясаҡмын. Инде хәҙер төн. Инде 8 июнь... Асыҡ тәҙрәнән ҡоштар тауышы ишетелә. Уяналар. Күк йөҙө лә ағара. Ҡарағайҙар асыҡ булып күренә башланы. Өҙөп-өҙөп кәкүк саҡырҙы ла тынды. Ғәжәп! Иҫкә ҡылт итеп Тоня менән йөрөгән мәл килеп төштө. — Йә, кәкүктән ғүмеребеҙҙең күпмелеген һорайыҡ, – тине Тоня. Тәүҙә минекен һораныҡ. Кәкүк алты ҡабат ҡысҡырҙы ла туҡтаны. Бына йүнһеҙ кәкүк! Тоняға ун бер тапҡыр ҡысҡырҙы. — Һиңә бит күберәк вәғәҙә итә! – тинем. Көлөштөк. Ана, тағы кәкүк саҡыра... «Гроза»ны уҡыйым. Бер ҡарғаның ғына ҡарҡылдап ҡуйыуы сәйер тойолдо. Урманға ҡаҡлығып, яңғырап китте. Ә баҡаларҙың тауышы һис тә туҡтамай. Төн үҙенең тормошон дауам итә... Кис. Рафаэль хаттар алып килде. Береһе Клара Фәйрузованан (Стәрлетамаҡ детдомынан), икенсеһе – Инга Бочарева. Зоя мәктәбендә уҡыусы таныш ҡыҙ яҙған. Төштән һуң, болоттар ойоша торғас, күк күкрәргә тотондо. Ямғыр еҫе килә башланы. Ләкин яуманы. Ваҡыт-ваҡыт күк күкрәй, йәшен ялтлап китә. 9 июнь. Тәүге имтихан! Тапшырҙым! Рус әҙәбиәтенән дә ҡотолдом. Яҡшы! Мин ингәндә, ике генә билет ҡалғайны. Алдым. 16-сы билет: 1. Островскийҙың 60–70-се йылдарҙағы ижады. 2. Тур-геневтың «Новь» романы. Ҡаптым. «Новь»ты өҫтән-мөҫтән генә беләм. — Геннадий Николаевич, билетты алмаштырырға мөмкинме? – тим. — Ҡара үҙең, бер балл төшәсәк, – тине Поспелов. Алдым. 1-се билет. Белинскийҙың реализм өсөн көрәше. Островскийҙың «Гроза»һы! Минекеләр! Хуш! Төштән һуң көн болотланы. 10 июнь. Сергей Михайлович Бондиға «Баҡыр һыбай» буйынса зачетты тапшырып ҡуйҙым. Кис Рәйес менән, һыра эсеп, һөйләшеп ултырҙыҡ. 11 июнь. Көнө буйы политэкономиянан әҙерләндем. Кис Рәйескә киттем. Рафаэль дә унда ултыра ине. Барып ингәс тә Таҡташтың руссаға тәржемә ителгән шиғырҙарын уҡыныҡ. Имтихандар бөткәс, мин өс көнгә Ленинградка барып киләм. Ә Рәйес мин ҡайтыуға пароходта Ҡаҙанға барыу өсөн билет әҙерләп торасаҡ. Унан пароходта Кама һәм Ағиҙел буйлап Өфөгә ҡайтасаҡбыҙ. Өфөлә Рафаэль мине көтөп, Мариятты (класташы) ҡаршылап, эштәрен бөтөрөп торорға тейеш. Редакцияларҙа һәм Союзда икебеҙҙең уртаҡ йыйынтыҡты сығарыу тураһында мәсьәләне хәл итеп, ауылға ҡайтып китергә ҡала. Унан Салауат һәм Ҡыйғы райондарында фольклор йыйнарға. Лаҡлының тау тишегенә поход яһарға. Ҡаратауға барырға, беҙҙә, Рафаэлдә ҡунаҡ булырға, колхозда эшләп алырға, балыҡ ҡармаҡлап ял итергә, район газетаһында шиғырҙар баҫтырырға, хәл-көс йыйнап, яңынан Мәскәүгә килергә – быйылғы пландар шул. 16 июнь. Политэкономиянан да имтихан тапшырылды. Отлично. Үҙем дэ ҡәнәғәт. Әҙәбиәткә әҙерләнгәндәге кеүек күп уҡырға тура килмәне. Леня менән бергәләп әҙерләндек. Был көндәрҙә яҡшы йоҡланым, арыманым. Һәр иртә һайын һәм кис ятыр алдынан һалҡын һыу менән ҡойонам. Миша менән быуаға барып һыу ҙа индек. Аңлашылмаған һорауҙарҙы унан һорайым. Сөнки ул Абаканда тарих факультетында уҡыған. Күп белә. Күңеле төшкәндә, яҡшы итеп аңлата. Тик ҡыҙҙарҙан бушамай. Люба менән Галя килеп миңә лә ҡамасаулайҙар. Леня өндәшмәй. Ә мин ҡыуам уларҙы. Миша быны яратмай. Руслан Смоленскиға ҡайтып китте. Уның койкаһы урынына түңәрәк өҫтәлде ултыртып, өҫтөн сәскәләр менән тултырҙыҡ. Тәҙрәләрҙе һәр ваҡыт асып ҡуябыҙ. Төндә лә асыҡ ҡалалар. Тик йоҡлай алмай ятҡанда мин уларҙы ябып ҡуям. Бер уйға батһам, һис сығып булмай. Күҙ алдымдан әллә күпме кешеләр үтә. Уйҙарымда әллә нимәләр эшләп бөтәм. Ауылға ҡайтып, үҙебеҙҙең баҡсаға ҡарағай, шыршы, йүкә, ҡайын, емеш-еләк ултыртып бөтәм! Мәктәп алдындағы элекке партизандар ҡәберенә мәктәп балалары менән ағастар килтереп ултыртам, ҡәберҙе яҡшы рәшәткә менән кәртәләп, йәшел буяу менән буяп ҡуям. Клуб тирәһенә ауыл йәштәре менән ял баҡсаһы эшләп, төрлө ағастар үҫтереп ебәрәм!.. Ни генә килмәй башҡа. Бөтә ауыл баҡсаларға сума!.. Рафаэль менән ауылдар буйлап йөрөйбөҙ, бик күп йырҙар, легендалар һәм әкиәттәр йыябыҙ. Мин «Салауат»ты һоҡланғыс әйбер итеп яҙып бөтәм һәм ҙур роман яҙырға тотонам. Балалар әҙәбиәте тураһындағы мәсьәләне, ғөмүмән, хәҙерге әҙәбиәттең торошо тураһындағы мәсьәләләрҙе күтәреп сығам. Әҙәбиәттең үҫешенә Белинский кеүек ярҙам итәм, Ғафури, Сәләм, Хәй һәм һуғышта һәләк булып ҡалған башҡа яҙыусы, шағирҙарҙың тормошо, ижад юлы тураһында яҡшы китаптар яҙам. Иң көслө йәштәрҙе туплап, әҙәбиәтте бөтә Союз уҡый торған ҙур һәм бай әҙәбиәткә әйләндерәбеҙ... Йоҡо килмәй. Әллә ниндәй ҡулдан килмәҫлек уйҙар инә башҡа. Ниңә кеше шул тиклем йүләр була икән! Күпме өмөт! Күпме хыял! Ниндәй ҙур маҡсат! Әйтерһең, тормош мине бик ҙур эштәр эшләргә үҙе саҡырған! Бөтәһе лә күҙ алдынан үтә. Мин үҙемде ниндәйҙер бөйөк бер китап уҡыған кеүек хис итәм. Йөрәк ашҡына! Осам... Ләкин баҫылып ҡалам һәм үҙемдең хыялдарым бишегендә үҙем дә һиҙмәҫтән иҫереп йоҡлап китәм... Кисә Тоня менән урманда йөрөп ҡайттыҡ. Ул, ҡайтайыҡ, имтиханға әҙерлән, ти. Мин аҙ ғына йөрөйөк, уҡып бөттөм бит, тим. Тағы аҙ ғына йөрөйбөҙ. Минең уны ҡосаҡлап үпкем килә, ҡыйыулыҡ етмәй... Ул да хәҙер минең алда ҡыйыу түгел... 35 йәшлек сағында ул үҙенең романдарын бер-береһенә бәйләп, 19-сы быуаттың гигант эпопеяһына беркетеп «кешелек комедияһы» тип атай. Ул уны Дантеның «Божественная комедия»һына ҡаршы баҫтыра. Тормош инде урта быуат шағирының идеалдарынан алыҫ атлаған. Ул үҙенең йырсыһын тыуҙыра. Бальзак үҙенең өҫтәлендә ултырған Наполеон статуэткаһының ҡылысына: «Я пером докончу то, чего ему не удалось довершить шпагой», – тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡуя. Буржуаз донъяның ысынбарлығын художестволы һүҙ менән күрһәтеү – уҡыусыны буржуаз тереклек итеү менән килешеп ҡарау идеяһынан азат итә. Килешергә ярамай! Бальзак үҙе һис тә революционер түгел, ләкин үҙенең әҫәрҙәре менән уҡыусыны килешмәүгә, көрәшеүгә саҡыра. Бальзак стиль һәм тел өлкәһендә лә тотош бер революция яһай һәм быға ҡаршы төкөрөктәрен сәсеп, ажғырып сыҡҡан рецензенттарға: «Как вы смеете называть себя писателями в присутствии литературного маршала Франции?! Только Готье, Гюго да я знаем французский язык!» – тип әйтергә һис тә уңайһыҙланып тормай. Бальзак романтиктарҙың тормоштан ҡасыуҙарына, үҙҙәренең татлы хыялдарын сәңгелдәктә тирбәтеүҙәренә ҡаршы сыға. Әҙәбиәтте ул тормоштоң йәнле көҙгөһө итеп күрә. Тормош дөрөҫлөгөн асып һала. Энциклопедик аҡыл эйәһе Кювье методын әҙәбиәткә индерә. Үҙ геройҙарының тормошон бөтә ҡатлаулылығында тәрән тоя белеүҙә Бальзак иң көслө яҙыусыларҙың береһенә әйләнә. Беҙҙең әҙәбиәттәге схематизм нәҡ шул геройҙарҙың тормошона ҙур психологик, ҙур кеше, ҙур идеал менән инә белмәүҙән, кешеләрҙе тәрән итеп өйрәнә белмәүҙән килә. Ә мин Әхнәф Кирәйҙең «Нарыштау итәгендә» романын хатта уҡый ҙа алманым. Йәй нисек тә булһа үҙемде мәжбүр итеп ҡарайым әле. Ни тиклем ныҡышмалы өйрәнергә кәрәк классиктарҙан! Рустарҙан, француздарҙан, инглиздәрҙән, немецтарҙан – барыһынан да! Һәм тормоштан! Алда бит ҡот осҡос эш тора! Ҡурҡыныс та, шатлыҡлы ла! Минең матди мөмкинлектәрем бик тар. Шулай ҙа алға ҡуйған маҡсатты үтәмәйенсә ҡуймаясаҡмын. Бальзак менән танышыу миңә көс бирә кеүек. Ярай, бик алыҫҡа киттем. Ә төн бик ҡыҫҡа. Сәғәт 4-се 20 минут. Ҡоштар ҙа сутылдаша башланы. Әтәстәр ҡысҡыра. Миңә оҙаҡ йәшәүҙән бигерәк, эстәлеклерәк йәшәп ҡалырға кәрәк. Башҡа рәхәтлек хәҙер инде минең өсөн кәрәкмәй ҙә! Бальзак өсөн түбән һәм юғары темалар юҡ, ә тормош ҡына бар. Ә тормошта – бөтәһе лә! Бальзактың фажиғәһе – капиталистик донъяға ҡәбер ҡаҙыусыны – пролетариатты күрмәүендә. Ул алға ҡарай алмай, арый, талсыға. Ул үҙ романдарының геройына, үҙ заманының ҡорбанына әйләнә. Ҡот осҡос эш уны яндыра. Үлер алдынан ғына ул графиня Эвелина Ганскаяға әйләнә. Ҙур йөрәк тибеүҙән туҡтай. Тик ул үҙенең икенсе, мәңгелек ғүмерен тыуҙырып ҡалдырырға өлгөргән була инде. Ярай, бер нисә сәғәткә хуш, Бальзак. Хәҙер инде 5-се ярты. Миңә ҡойоноп алырға ла аҙыраҡ ял итергә кәрәк. 20 июнь. Сәғәт 11-ҙә килеп торҙоҡ. Арлы-бирле йыуындыҡ та ашханаға ашыҡтыҡ. Рауилдың 24-е көнө имтиханы. Шунан уларҙың геодезиянан Мәскәү янындағы территорияла практикалары башлана. «Шагреневая кожа»ны уҡып сыҡтым. Ял итергә сыҡҡанда Тоня менән Жаннаны осраттым. Икеһе лә бик матурланып киткәндәр, яңы күлдәктәр кейгәндәр. Жаннаны оҙатып, Тоня менән йылға буйына төшөп киттек. Аяҡ аҫты ямғырҙан һуң еүеш. Кис шундай тымыҡ, йылы. Ер өҫтөн томан ҡаплаған. Косилка менән сабылған клевер күкрәкте ҡытыҡлап торған дымлы бесән еҫе аңҡыта. Рәхәт! Ай йөҙә... Тоняны оҙатып ҡуйҙым. Ике ҡабат үбештек тә ул башҡортса: — Хуш бул! – тине. – Иртәгә ҡайын төбөнә ваҡытында сыҡ йәме, Рәми! – тине. 21 июнь. Ял көнө еттеме, бөтә Мәскәү урмандарға, яландарға тарала. Бөтә йылға буйы, урман араһы балалар, әсәләр, аталар, ҡыҙҙар, егеттәр менән тулған. Гармун, патефон тауыштары яңғырай. Пионер лагерына килгән балаларҙың йыр тауыштары, барабан һуғып, борғо ҡысҡыртыуҙары күңелгә әллә ниндәй шатлыҡ индерә. Балалар күбәләктәр артынан үҙҙәренең төрлө ҡоралдары менән үҙҙәре лә күбәләк кеүек йүгерәләр. Өйкөм-өйкөм булып эшселәр ағас төптәрендә күләгә аҫтында үлән йәймәһенә ятып һыра әсәләр. Аулағыраҡ урындарҙа ҡыҙҙар – егеттәрҙе, егеттәр ҡыҙҙарҙы иркәләп, ҡосаҡлашып һөйләшеп ултыралар. Тик беҙ, студенттар ғына, уларҙан алыҫыраҡ китеп имтихандарға әҙерләнеп ятабыҙ. Йылға аръяғындағы тауға, үҙемдең ҡуш ҡарағай янына, күтәрелдем. Йылғала һыу инеп алғас, рәхәт булып китте. Төнө буйы уҡыу арытҡан аҙыраҡ. Таҫтамалды башҡа сәллә итеп, ҡояш һуҡмаһын өсөн, яҡшылап ураным да Бальзакты уҡырға тотондом. Бөтөнләй икенсе донъяға сумаһың, бөтөнләй икенсе кешеләр! «Отец Горио»ға тотондом. 22 июнь. Уйлай башым, уйлай башым, Уйлай ҙа ул аптырай. Уҫаҡ япраҡтары кеүек Тик йөрәгем ҡалтырай... Бына мин аҡланда ятам. Уҫаҡ төбөнә иртән үк килеп уҡый башланым. «Отец Горио» миңә бигерәк тә оҡшай. Ниндәй характерҙар, ниндәй тәрәндәр! Растиньяк, Вотрен, отец Горио, хужа ҡатын Воке – бөтәһе лә төрлө-төрлө. Бигерәк тә каторжан Вотрен тураһында уҡығанда оҙаҡ уйланып ултырҙым. Әсәнең Растиньякка яҙған хатын уҡып, Дилараның әсә хаҡындағы фекерен уйлап, үкереп иланым... 23 июнь. Көнбайыш әҙәбиәтенән консультация булды. Ҡайтҡас та уҡырға ултырҙым. Англичандарҙы уҡырға өлгөрөп булмаҫ, ахыры. Иҫ киткес күп уҡырға кәрәк. Баш, күҙҙәр әллә нисек сыҙай... Иртәгә – һуңғы штурм! Унан IV курс! Хатта күңел ышанмай. Иртәгә нишләһәм дә имтиханды тапшырырға тейешмен! Леня ла тырыша. Ә Миша артыҡ ултырмай. Ваҡытында ятып йоҡлай. Йә Любаһына китә. Ул, әлбиттә, барыһын да тиерлек уҡыған, күп белә. Ә мин Көнбайыш әҙәбиәтенә быға тиклем ҡул да тейҙермәгәнмен. Ни тиклем күп нәмәне белмәгәнемде әле генә күрәм! 25 июнь. Һуңғы һөжүм! Төштән һуң – Мәскәүгә! Әле Стендалдең «Ҡыҙыл һәм ҡара» романын уҡып сыҡтым. Хәҙер мин Горькийҙың ни өсөн Стендалде үҙенең уҡытыусыһы итеп иҫәпләүен аңлайым. Ниндәй тәрән эске донъя! Иҫ киткес психологик оҫталыҡ менән яҙылған. Кис. Сыҡманы эш! Йән көйә, үкендерә. Уҡып ултырып, һуңлағанмын да ҡуйғанмын! Барһам, институтта инде имтихандар бөткәйне. Тағы ла бер төн түҙергә! Ә баш сатнап килә. Бөтә тән туҡмалған кеүек. Почтаға инеп Мәрйәм апа ебәргән 200 һум аҡсаны һәм стипендияны (445 һум) алдым да ҡайтып киттем. Ғәҙәттәгесә икенсе вагонға инһәм, Сергей Васильевич Смирнов, беҙҙең ижади семинар етәксеһе, тора! Йылмайып ҡулын һуҙҙы – күрештек. Һөйләшеп киттек. «Һин миңә зачет тапшырманың булһа кәрәк?» – тине бер саҡ Сергей Васильевич. — Юҡ. Мин бит семинарҙарҙа һис тә сығыш яһаманым. Бына 3 йыл инде һеҙҙең семинарҙа йөрөйөм үҙем. — Зачеткаң бындамы һуң? — Бында, – тип, мин зачеткамды сығарҙым. Ул зачет ҡуйҙы ла: — Ничего, көҙгә яҡшы итеп шиғырҙар яҙып килтерерһең. Тикшерербеҙ, – тине. – һин үҙең Башҡортостандан бит әле? — Эйе. — Бөгөн һеҙҙең Назар Нәжмиҙе күрҙем. Һеҙҙең «Әҙәби Башҡортостан» журналын тикшереү булып үтте. Назар Нәжми, Мостай Кәрим тураһында һүҙ сығып китте. Михаил Дудинды ла иҫкә алдыҡ. Мин унан институтта уҡыған йылдары, элек ҡайҙа эшләүен, фронтта булыуы хаҡында һораштым. Сергей Васильевич үҙенең метро төҙөүҙә проходчик булып эшләүен, панфиловсылар менән бергә Мәскәү эргәһендәге һуғышта булыуын һөйләне. Ә бит үҙе көмрө ул... Переделкиноға тиклем шулай һөйләшеп килдек. Ул ары, Мичуринскиға, китте. Миңә күңелле булып китте. Бөгөнгө хәсрәт тә йомшарғандай булды. Шундай ҙур кешеләрҙең ябайлығы шатландыра. Ниндәйҙер эске көс өҫтәлә үҙеңә! Аҙыраҡ ҡына уҡыным да станцияға Тоняны ҡаршыларға киттем. Төн айлы, йылы. Бер күбә төбөнә килеп ултырҙыҡ та сәғәт 12-гә тиклем ул минең ҡосаҡта йырҙар йырланы, мине төрлөсә ирештерҙе. Мин бик аҙ һөйләнем. Үпкем килмәне. Нисектер мин уны һалҡын яратам. Ул мине бер нәмәһе менән дә һоҡландырмай, тик уның менән бергә булғанда, миңә күңелле, башҡа нәмәләр хаҡында аҙ ғына булһа ла онотоп торам. Тик шул ғына. Ә йөрәк күҙ йәштәре менән янып яратҡан төндәрҙе, ғазапланыуҙарҙы һағына... Һәр саҡ уның тураһында уйлау миңә рәхәт тә, ғазаплы ла... Ахыры, мин бер кемде лә уны яратҡан һымаҡ һөйә алмамдыр! Ниңә шул тиклем үкенесле булды тәүге тойғолар, тәүге хыялдар... Шул мөхәббәт алдында хәҙер мин бик, бик түбәндә кеүекмен... Ә Дилара? Белмәйем мин уны. Бәлки, улдыр минең бәхетем? Ә ул көтә мине. Нисек күрешербеҙ уның менән? Ниндәй ул? Ул ысынлап та хаттарындағыса микән? Әгәр ҙә ул яратып, мин яратмаһам, ни тиклем ауыр буласаҡ! Уның яҙмышы өсөн мин нисектер ҡурҡам. Их һин, тормош!.. Күңел шул тиклем күпте көтә, күпте өмөт итә... Ҙур мөхәббәт менән, бер генә кеше менән матур, тулы, бәхетле тормош менән йәшәге килә. Барһыңмы һин, шундай көтөлгән көн? Барһыңмы алда? Белмәйем. Ниндәй йүләр мин... Йоҡо килмәй. Ә иртәгә өсөнсө курсты тамамларға. Унан тағы алға атларға кәрәк... 26 июнь. Хуш бул, хуш бул, өсөнсө йыл! Бөгөн инде мин дүртенсе курс студенты! Ышаныуы ла ауыр. Әле генә мәктәп парталарында Мәрйәм апаны, Мөсәлиә Ғәлиевнаны тыңлап ултыра инем бит! Ваҡыт ниндәй тиҙ үтә! Һуңғы имтихан – «бишле»! Ләкин иң ҡурҡҡан билет эләкте. Ныҡыша торғас, имтиханды кафедра мөдире Валентина Александровна Дынниктың үҙенә тапшырҙым. Ҡайтҡанда Егор Исаев менән бергә ҡайттыҡ. Тәүге курста уның менән булған бәрелеште һөйләп көлдөм. «Башта һуғышып яҡынайыу һәйбәтерәк», – тине Жора. 27 июнь. Дмитрий Ефимович Ляшкевич менән Ленинградка китеүселәр тураһында һөйләштем. Дамдинов «юғалған» икән. Шуның урынына мине алып барырға булдылар. Автобус менән барырға. Курсташтар менән башҡаса бергәләп йөрөргә тура килмәйәсәк. Беҙҙең курстан Ванцет Чукраев, Миша Вавилин, Леня Соловьев һәм Виталий Буханов бара. Минең менән – бишәүбеҙ. Ҡалған юлдаштар – институттың студияһында уҡыған үзбәк яҙыусылары һәм аспиранттар. Мәскәүҙән Рафаэль менән бергәләп ҡайттыҡ. Поездан төшкәс, Тоня ла осраны. Рафаэль гел шаяртып килде. Мин Тоня менән һөйләшмәнем. Кисә асыуланышҡайныҡ. Имтихан биреп ҡайтҡас, уны күрергә тип сыҡһам, Жанна менән беҙҙең иҫерек студенттар янында ураланып йөрөй. Егор Цагараев та, Иван Завалин да лыҡма иҫеректәр. Ә Тоня һәм Жанна улар менән шаярып, үҙҙәренә ниндәйҙер ҡыҙыҡ табалар. Мин Тоняға, мне все это противно, тинем. Ул көлдөрөргә тырышһа ла, көлмәнем. Бөгөн дә Тоня менән һөйләшке килмәй. Уны оҙатып барҙым да: — Йә, хуш, Тоня. Мин китәм, – тинем. Ул аптырап ҡалды. — Нисек, Рафаэль түгелме ни? Һин бөгөн ҡурҡынысһың, Рәми. – Бер аҙ тынып ҡалғандан һуң, ул ҡалтыранған тауыш менән: — Хат яҙырһың, Рәми, йәме? – тине. — Ярай. Тағы тынып ҡалдыҡ. — Йә, хуш бул, Тоня. Ул, тулҡынланып өндәшмәй торҙо ла, ҡапыл минең ҡосаҡҡа ташланды һәм ҡайнар ирендәре менән үбеп алды. Мин дә үптем дә ашығып китеп барҙым. Ул, бер аҙ баҫып торғандан һуң, өйҙәренә табан йүгерҙе һәм ҡараңғыға инеп юғалды. Мин үҙемә-үҙем асыуландым. Нисектер күңел тулып китте һәм тамаҡҡа утлы төйөр тығылды... Тихоновтарға инеп, Сәләм тураһында һорашып сығырға булдым. Ләкин уларҙа мәжлес бара ине. Тетя Маруся уның ҡатынын ғына саҡырып сығарҙы. Мин Ленинградта 1939 йылда Сәләмдең үлеп ҡалыуын, ә хәҙер миңә уның ҡәберен табырға кәрәклеген әйттем. Ләкин ул хәтерләмәне. — Ниндәй айҙа үлде һуң ул? – тип һораны Тихоновтың ҡатыны. — Бына ошо июнь, июль айҙарында. «Литературная газе-та»ла Николай Семенович үҙе некролог яҙып сыҡты. Ул Сәләмде яҡшы белергә тейеш. Ул беҙҙең бик ҙур шағир ине... Эш сыҡманы. Ашығып бүлмәгә ҡайттым да плащты, бәләкәй сумаҙанды алып Рафаэлгә индем. Рафаэль күпергә тиклем оҙатып барҙы. Тиҙҙән электричка ла килеп етте. Институтҡа барғанда егеттәр үҙебеҙҙең аудиторияла йоҡлайҙар ине. Тик Ванцет ҡына йоҡоло тауыш менән: — Ә, һин килеп еттеңме, Рәми, бына буш матрац бар, ал да өҫтәлгә ятып йоҡла, – тине. Коридорға сыҡтым да көндәлек яҙырға ултырҙым... 28 июнь. Автобус сәғәт 5-тә генә килде. Ҡуҙғалдыҡ. Мәскәү таң нурҙарына мансылған. Пушкин майҙанына сыҡтыҡ та Горький урамы буйлап елдерәбеҙ. Майҙанда мәғрүр Пушкин оҙатып ҡалды, ә Белорус вокзалы эргәһенән үткәндә ҡулына таяғын һәм эшләпәһен тотҡан Горький күтәрелде. Мин улар тураһында сәйер тулҡынланыу менән уйлап барҙым. Улар минең иң яратҡан уҡытыусыларым. Ләкин мин уларҙы бик аҙ беләм әле. Миңә шул тиклем күп белергә һәм Бальзак һымаҡ эшләргә кәрәк! Ҙур өмөт һаман ҙурая ла ҙурая. Мин яҙырға тейешмен. Минең шиғырҙар ҙа, поэмалар ҙа, хикәйәләр ҙә, роман да, пьесалар ҙа, сценарий ҙа, тәнҡит мәҡәләләре лә һәм фольклор тураһында китап та яҙғым килә. Сәләмдең тормошо һәм ижады тураһында ла яҙғым килә. Ә ваҡыт шул тиклем аҙ, шул тиклем ҡыҫҡа. Миңә инде 20 йәш тә тулды. Ә бер ни эшләргә өлгөрмәнем! Ә Добролюбов минең йәштә күпме эш эшләгән! Туҡай бөйөк шиғырҙар яҙған! Мин бер нәмә лә эшләргә өлгөрмәй һүнеп ҡалырмын кеүек. Был ҡурҡыта... Тиҙерәк, тиҙерәк, тиҙерәк йәшәргә кәрәк! Новгород! Тарих буйынса күпме уҡылған бөйөк Новгород! Иң боронғо рус ҡалаларының береһе! Виталий менән яр башына килеп ултырҙыҡ. Аръяҡта – Кремль. Уның эргәһендәге баҡсанан музыка яңғырай. Ҡунаҡханала бөтәбеҙгә лә урын етмәне. Автобуста йоҡларға булдыҡ. Мин бөгөн йоҡламаҫҡа ҡарар иттем. Хәҙер инде төн. Сәғәт 12 булып килә. Ләкин эңер төшөп килгәндәге кеүек яп-яҡты. Башта ғәжәпләндем. Бит бында хәҙер аҡ төндәр! Шунан ары ҡараңғы булмай. Бөтә төньяҡ, таң атып килгәндәге һымаҡ, алһыу төҫкә ингән. Новгород батырҙар йоҡоһо менән йоҡлай. Новгородта һуғышта ни бары 48 йорт ҡына бомба ярсыҡтарынан сәләмәт ҡалған. Ә ҡалған йорттар бөтәһе лә тиерлек йә емерелгән, йә ватылған. Шул харабалар өҫтөнән яңы бөйөк Новгород күтәрелгән. Мин аллеялар буйлап, бушап ҡалған баҡсаның хуш еҫтәрен һулай-һулай, Кремль стеналарына ҡарап, алға атлайым. Минең менән – уйҙарым ғына бергә. Ҡыҙыҡ бит тормош. Кем уйлаған минең бындай аҡ төндә боронғо рус ҡалаһының ҡарт стеналары эргәһендә бер заман уйланып ултырырҙы? Мин үҙемде әкиәттәге һымаҡ хис итәм. Алһыу күк йөҙөнә күтәрелгән сиркәүҙәрҙең тәреләре миндә үҙемә лә аңлашылмаған тойғолар уята. Минең улар менән бер төрлө уртаҡлығым булмаһа ла, улар нисектер яҡын. Миндә әсәйемдән килгән рус ҡаны бар. Рус йырҙарын тыңлағанда һәм сиркәү һуҡҡан саҡтарҙа, рус ҡатындарының эске матурлығы тураһында уйлағанда, йә рустың тапҡыр һүҙҙәрен, мәҡәл-әйтемдәрен ишеткәндә, Васнецовтың «Өс баһадир»ына, Репиндың «Бурлактар»ына ҡарағанда, Стасовтың баһадир һынын күргәндә, Пушкиндың һәм Некрасовтың шиғырҙарын уҡығанда, миндә тик рустарға ғына хас булған тойғо уяна, йөрәк нисектер ярһып тибә һәм күңел рәхәт бер ғорурлыҡ менән тула. Бына әле, Новгородҡа ҡарап ултырғанда, мин тағы ла шул иң матур тойғоларҙы кисерҙем. О, рус ере! Был һүҙҙәрҙе мин рус кешеһе кеүек аңлайым. Тән сымырҙап китә һәм беләктәргә әллә ниндәй көс инә. Мине рус ҡыҙы тыуҙырғаны өсөн мин балаларса шатланам. Ләкин мин башҡортса уйлайым, туған телем итеп башҡортса һөйләшәм һәм башҡорт булыуым өсөн ғорурланам. Тик мин үҙемдең башҡортлоғом менән сикләнеүҙән бик алыҫмын. Ҡояш сығыр саҡта ғына автобусҡа кире ҡайттым. Барыһы ла йоҡлай. Йоҡағыраҡ ябынғандар дуға бөгә. Николайға плащымды сисеп яптым. Ул уянып китте. — Һин ниңә йоҡламай ултыраһың? – тине ул, күҙҙәрен ыуып. — Мин әле генә килдем. Кремлде ҡарап йөрөнөм. — Әйҙә киттекме тағы? — Киттек. Беҙ Кремлгә инеүгә, ямғыр яуа башланы. «Россияның мең йыллығы» һәйкәле аҫтына инеп ултырҙыҡ. Һәйкәл таҡта менән кәпләнгән. Ҙур ремонт бара. Николай һәйкәл тураһындағы һүҙҙәрҙе күсереп алды: «Сооружен в 1862 году по проекту художника Мекешина М. О. Идея создания памятника, возникшая накануне Крестьянской реформы 1861 г., когда Россия переживала политическую обстановку, характеризованную В. И. Лениным «как революционная ситуация», преследовала цель пропаганды незыблемости самодержавного строя в России. Однако памятник далеко выходит за эти рамки, на нем представлена богатейшая галерея выдающихся деятелей России с древнейших времен до середины 19-го столетия. Среди фигур, помещенных на памятнике, государственные деятели: Владимир Святославич, Ярослав Мудрый, Владимир Мономах, Иван III, Петр I. Народные герои: Александр Невский, Дмитрий Донской, Дмитрий Пожарский, Кузьма Минин, Иван Сусанин, Богдан Хмельницкий. Выдающиеся полководцы: Румянцев, Суворов, Кутузов, флотоводцы Лазарев, Нахимов. Деятели наук, литературы и искусства: Ломоносов, Пушкин, Лермонтов, Гоголь, Глинка, Брюллов. Памятник отлит в Петербурге, высота его 15 метров. В 1943 году памятник был разобран немецко-фашистскими захватчиками. В конце 1944 года памятник полностью восстановлен». Бер ҡартты тотоп алып шул хаҡта һөйләттек. Немецтар һәйкәлде, Германияға трофей итеп, үҙҙәренең музейҙарына оҙатыу өсөн бөтөнләй әҙерләп бөткән була. Тәүҙә уны новгородлылар немец фашистарының бомбаларынан һаҡлау өсөн бысҡы онтаҡтары менән күмеп ҡуялар. Ләкин уны немецтар бик тиҙ табып ала. Германияға оҙатырға әҙерләйҙәр. Ләкин беҙҙең ғәскәрҙәр ҡотҡарырға өлгөрә. Һәйкәлдең осона ҙур крест һәм сәмреғош һыны төшөрөлгән. Беҙ ҡайтҡанда егеттәр уянғайны инде. Ашханаға индек. Николай менән вино эсеп йылынып алдыҡ. Аҙаҡ автобус менән йәнә Кремлгә киттек. Софийский соборҙы ҡараныҡ (1045–1050). Владимир Ярославич тарафынан һалдырылған. Софийский собор ҡаршыһында данлыҡлы Гранатовая палата урынлашҡан. Әле унда ремонт бара. Кеше үҙе тураһында, үҙенең яҡшылығын насарлығына ҡарағанда күберәк белгеһе килә. Был, минеңсә, кеше тәбиғәтенең йомшаҡлығы. Үҙеңдең яҡшылығыңды ла, насарлығыңды ла кешеләрҙең мөнәсәбәтенән белергә тейешһең. Кешелә үҙеңдең яратҡан сифаттарыңды күреү – ул кешене һиңә һиҙелмәҫтән яҡын итә, кешенең үҙен ҙурайта, матурлай. Дуҫлыҡты һүҙҙәр, анттар менән тотоп тороу мөмкин түгел. Әгәр ҙә бер-береңә ышаныс юғала икән, дуҫлыҡ та юғала. Шуның өсөн бер-береңде аңлай белеүҙе үҫтерергә, бер-береңде үҙ-ара байыҡтырырға кәрәк. Дуҫың һине үҫтерһен, һин уны үҫтер! Минең шундай дуҫлығым бармы? Әйтеүе нисектер ҡурҡыныс. Сәғәт иртәнге 11-ҙә Новгородтан сығып киттек. 29 июнь. Ленинград! Беренсе туҡталған урын – Әҙәбиәтселәр йорто. Аҙаҡ Нева ярҙарына килдек. Ҡаршыбыҙҙа – «Аврора». Виталий минең эргәлә тороп тирә-яҡты күҙәтә. — Здесь больше неба, – ти. «Европа» ҡунаҡханаһына киттек. Киске аштан һуң Леня, Ванцет, Миша, Виталий Невский проспекты буйлап сыҡтыҡ. Урамда көстәрҙе, тындарҙы үлсәттек. 50 кг һығам, 4 литр ярым өрәм. 30 июнь. «Европа»ла, юлда арып килгәнлектән, йомшаҡ урынға ятҡас уҡ, һөйәктәр иреп киткән кеүек булды. Бишебеҙгә бер номер бирҙеләр. Ап-аҡ итеп түшәлгән койкалар, өҫтәл, ултырғыс, телефон, диван... Йәнең теләгәнсә йәшә – аҡсаң ғына булһын. Мин ғүмеремдә беренсе ҡабат ҡунаҡханала туҡталдым. Ленинградтың тәүге башлап Петр I тарафынан һалыныуын (1703), уның үҫеш тарихын, революция көндәрендәге мөһим урындарын һәм хәҙерге ҙур әһәмиәтле ерҙәрен ҡарарға тейешбеҙ. 1–10 октябрь. Нимәлер етмәй. Иң-иң ҡәҙерле нәмәмде юғалтҡан кеүекмен. Тик бер өмөт кенә бар: яҙырға тейешмен, яҙа аласаҡмын. Ләкин элекке кеүек йәшәй аласаҡмынмы – белмәйем. Йөрәк утһыҙ, янмай ҙа, тулҡынланмай ҙа. Ниҙер көтәм, ниҙер эҙләйем – нимә? Үҙемә лә аңлашылмай. Башҡа саҡта мин яна торғайным, кисерә торғайным, хәҙерге хәлгә бер ҡасан да осрағаным юҡ. Төндәрен йоҡлай алмайым. Уйланам да уйланам. Утты яҡтыртам да үҙемде уҡырға мәжбүр итәм. Берҙән-бер йыуанысым – һүҙҙәр! Тел өҫтөндә эшләйем. Лекцияларға бармайынса, көндәр буйы Ленин китапханаһында ултырып, һүҙлек төҙөйөм. Халыҡтың тел байлығы уның иң матур легендаларында, йырҙарында, мәҡәл һәм әйтемдәрендә. Бына ун көн инде «Батырҙар тураһында эпос» китабын күсереп ултырҙым. «Мәргән менән Маянһылыу», «Юлай менән Салауат», «Ҡараһаҡал» һәм «Аҡбуҙат» легендаларын яҙып алдым. Н. Крашенинниковтың хикәйәләрен уҡып сыҡтым. Уларҙа, ысынлап та, элекке Башҡортостандың үлә барыуын күрәһең. Тик миңә Крашенинниковтың башҡорттарҙы гел генә буйһоноусан кеше итеп һүрәтләргә тырышыуы оҡшамай. Улар бөтәһе лә иҙелгән, кәмһетелгән, тормошҡа ризаһыҙлыҡ күрһәтмәйҙәр. Был башҡорт тарихына тик бер яҡлы ғына ҡарау. Ә Салауат кеүек азатлыҡ өсөн күтәрелгән кешеләрҙе телгә лә алыу юҡ. Был бөтөнләй бер яҡлы! Шулай ҙа был хикәйәләр миңә Салауат хаҡында яҙыу өсөн күп нәмәләр бирҙе. Салауат тураһында поэманың пландары тағы ла үҙгәрҙе. Легендалар ғына етмәй. Башҡортостан тарихын һәм уның хаҡында ниндәй әҙәбиәт бар – бөтә нәмәне уҡып өйрәнергә кәрәк. Минең Салауат бөтөнләй ҙур һәм яңы, тулы булырға тейеш. Хәҙергә мин уны тыуҙыра алмайым. Ләкин ул минең башымдан сыҡмай. Поэма хаҡында уйламаған көнөм юҡ минең. Нимә генә уҡыһам да, нимә генә ишетһәм дә, минең күҙ алдыма Пугачев һәм Салауат, халыҡтар дуҫлығының көрәштә нығыуы, Башҡортостандың ауыр үткәндәре тора. Башҡортостан тураһында В. И. Даль, С. Т. Аксаков, Р. Г. Игнатьев, М. Е. Салтыков-Щедрин, Л. Н. Толстой, П. И. Добротворский, Глеб Успенский, Д. Н. Мамин-Сибиряк, Н. В. Ремезов, А. М. Горький һәм башҡа бөтә яҙыусы һәм тарихсыларҙың яҙмаларын уҡып сығырға кәрәк миңә, уларҙы тәржемә итергә һәм улар хаҡында үҙемә лә яҙырға кәрәк. Был мине байыҡтырасаҡ ҡына. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан тормошонан күпме нәмә яҙырға мөмкин! Башҡорттарҙың Батыйхан менән һуғышыуҙары, Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский ғәскәренә ҡушылып, поляк интервенттары менән һуғышыуы, 1812 йылғы Ватан һуғышында үҙ ғәскәрҙәре менән Парижға барып инеүҙәре, Суворов ғәскәрҙәре менән Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыуҙары, Пугачев хәрәкәтенең төп көсө булыуҙары. Рус-төрөк һуғышында Севастополде яҡлашыуҙары, Бөйөк Октябрь көндәрендә Петроград өсөн һуғышыуҙары, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошо. Ватан һуғышы көндәрендә Башҡорт дивизияһының үтелгән юлдары һәм генерал Шайморатовтың, Таһир Күсимовтың, Байғужа Сәйетғәлиндың, Батыр Нафиҡовтың, Зөбәй Үтәғоловтың, Муса Гәрәевтың һәм тағы әллә күпме кешеләрҙең тормоштары хаҡында ни саҡлы әйберҙәр яҙырға булыр ине! Былар беҙҙең гүзәл тарихыбыҙ түгелме һуң? Беҙгә ғорурланмаҫҡа мөмкинме һуң? Беҙ, әлбиттә, ғорурланабыҙ, ләкин эшләмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең тарихҡа, гүзәл кешеләребеҙгә ғәмһеҙ ҡарайбыҙ. Халыҡ ижадын, уның гүзәл ҡомартҡыларын йыймайбыҙ, тейешенсә өйрәнмәйбеҙ, яҡшы итеп эшкәртмәйбеҙ. Күпме дәртле кешеләрҙе милләтселектә ғәйепләп, уларға ярҙам итмәйенсә, һәләк итәбеҙ. Белем етмәй, хужа була белеү етмәй, намыҫ етмәй, тәүәккәл рухлы булыу етмәй, ныҡышмалылыҡ етмәй беҙгә. Беҙ бик бәләкәй эш эшләйбеҙ. Ә халыҡ ҙур эш көтә. Уның үҙ улдары менән башҡа халыҡтар араһында ғорурланғыһы килә. Ә беҙ булған нәмәләребеҙҙе лә күрһәтә алмайбыҙ. Берҙәмлек етмәй беҙгә. Бер-беребеҙҙең уңышына ҡыуана белмәйбеҙ, үҙ-ара ярҙам итмәйбеҙ. Бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәре өсөн һыҙлана, ҡайғыра белмәйбеҙ, үҙебеҙ менән генә йәшәйбеҙ. Тәнҡит юҡ беҙҙә. Тәнҡит мәҡәләләре мәктәп балаларының инша яҙыуҙарынан уҙмай. Фекер юҡ. Ҡыйыулыҡ юҡ. Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим тураһында һөйләшмәйбеҙ. Ә халыҡ ярата уларҙы. Сәләмдең иң яҡшы әҫәрҙәрен баҫып сығармайбыҙ. Һуғыш яланында ятып ҡалған Хәйҙәребеҙ, Мифтахтарыбыҙ, Харистарыбыҙ, Кәримдәребеҙ тураһында телгә лә алмайбыҙ. Карнайҙы онотҡанбыҙ. Ә йәштәр үгәй бала кеүектәр. Бер кем уларҙы күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Бер кем улар хаҡында ҡайғыртмай ҙа, уларҙың яҙмышы өсөн борсолмай ҙа. Ә бит улар әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге, алмашсылар. Йәштәр ойошмаған да, дуҫлашмаған да. Шуға нисек һыҙланмаҫҡа кәрәк! Бына дүртенсе йыл инде мин ошо хаҡта аптырап уйлайым. Үҙемдең яҙмышты, Рафаэлде, Рәйесте, Шакирҙы, үҙемдең башҡа ҡәләмдәштәрем хаҡында уйлайым. Яҙыусы булыуҙан элек, беҙ тулы кеше була алмайбыҙ. Бәләкәй тормош менән йәшәйбеҙ. Мин үҙебеҙҙең киләсәкте бөтөнләй былай күҙ алдына килтермәй инем. Һәр береһенә әллә ниндәй өмөттәр менән хаттар яҙҙым. Уларҙың һәр береһенә лә мин үҙемә ышанған кеүек ышана инем. Юҡ, тормош күпкә ҡатмарлыраҡ икән. Үҙемдең өмөтөм менән бик ныҡ алдандым мин. Мин эҙләгән дуҫлыҡ, йылылыҡ, кешелеклелек табылманы. Ләкин мин һаман да төңөлмәйем. Ә ғүмер үтә. Миңә инде туп-тулы 21 йәш!!! Шакир: «Аҡса өсөн яҙаһың һин!» – тине миңә. Был миңә үҙ дуҫымдың арҡанан килеп хәнйәр ҡаҙауы менән бер. Был һүҙҙәрҙе миңә башҡа берәү әйтһә, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ булмаҫ ине. Уларҙы Шакир әйтте. Дошманым да былай әйтмәҫ. Сөнки мин бынан бик алыҫ һәм ят. Бөтә нәмәмде юғалтһам да, үҙ-үҙемдең кешелегемде бер ҡасан да юймам. Яҙыу – минең тормошом, иң матур хыялдарым, иң яҡты тойғоларым, иң ҙур ышанысым. Яҙыу – йәшәүем минең. Уға хыянат итә алмайым мин. Унан башҡа мин үҙемдең барлығымды ла тоя алмайым. Яҙыуҙан башҡа йәшәү юҡ миңә. Миңә уның даны ла, малы ла кәрәкмәй. Миңә уның менән тормошҡа үҙем бирә алған тиклем файҙалы булыуым ғына кәрәк. Үҙемдең кәрәклегемде тойоуҙан ҙур бәхет минең өсөн юҡ. Бөтә ғазапланыуым һәм иң ҙур шатлығым да – яҙыуҙа. Ул минең бөтә киләсәгем. Мин уны аҡсаға һата алмайым. Әлбиттә, үҙемдең хеҙмәтемә түләүгә шатмын һәм бынан баш тартыу мәғәнәһеҙлек булыр ине. Һәр бер эшсе үҙенең хеҙмәтен баһалауҙы, уны ҙурлауҙы көтә. Сөнки ул үҙенекен ала. Ләкин аҡса миңә ҡояш түгел. Уға һуҡырҙар ғына табына. Донъяға һине әсәң тыуҙырһа, кешеләр өсөн һине эшең тыуҙыра. Эш – икенсе әсә. Ул ғына һине кеше итә, матурлай, биҙәй һәм үҫтерә. Эшһеҙ һин буш, мәғәнәһеҙ, шатлығың – ялған, ашағаның – харам, һөйөүең – үҙеңдең хайуанлығыңды ғына һөйөү! Донъяла бар ике матур әсә. Икеһе лә улар бөйөктәр. Тик икеһе мине кеше иткән, Икеһе лә ҡояш кеүектәр. Әгәр, әсәй, һинән генә тыуһам, Кеше булмаҫ инем мин ерҙә. Ә хеҙмәтем – һин икенсе әсәм! Айырылмам һинән ғүмерҙә. Был антым минең. Шул ант менән мин әҙәбиәткә тыуҙым, шул ант менән халҡым өсөн йәшәрмен, шул ант менән үлеү мине үкендермәҫ. Шакир менән бөтә йөрәктән һөйләшә алмайым хәҙер. Ул булған урында миңә тығыҙ, һауа аҙ, тынсыу. Һүҙ яраһы, ысынлап та, бөтмәй икән. Мин бит уны ниндәйҙер балаларға ғына хас булған ышаныу менән ярата инем, хөрмәт менән, йылы ололау менән ҡарай торғайным. Уның Хәҙисәне яратыуы мине шул тиклем, үҙем яратҡан кеүек, шатландыра һәм киләсәктә дуҫтарса йәшәүҙе күҙ алдыма килтерә ине. Ә Хәҙисә кеүек кешеләр һирәк. Мин ҡыш Өфөгә ҡайтҡанда уны күреү онотолмаҫ бер иҫтәлек булып ҡалды. Һөйләшеп туя алманыҡ. Хәҙер уның алдында ла уңайһыҙ. Әгәр ҙә ул Шакир менән минең мөнәсәбәтте белһә, уға был бик ауыр булыр кеүек. Шакир беҙгә килеп ултыра-ултыра ла ҡайтып китә. Рәйес миңә бергә мәктәптә уҡып йөрөгән саҡтан уҡ яҡын. Тормоштарыбыҙ тышҡы яҡтан бер-беребеҙҙекенә бик оҡшаш. Мәктәпкә тиклем ул һөнәрселек училищеһында уҡып, аҙаҡ пароходта эшләгән. Мәктәптә саҡта мин сығарған журналда үҙенең шиғырҙарын яҙа башланы. Әҙәбиәт институтында бергә уҡыуға икебеҙ ҙә шатландыҡ. Бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡыйбыҙ. Мин һәр саҡ үҙ фекерҙәремде әйтәм, тәнҡитләйем, кәңәштәр бирәм. Ә ул минең әйберҙәргә ҡарата бер һүҙ ҙә әйтмәй. «Яҡшы!» ти ҙә ҡуя. Шиғырҙары йомшаҡ әле. Институтҡа килеү менән әҙәбиәткә бик етди ҡарай башланы. Эҙләнә, ләкин һүлпәнерәк эшләй. Кеше булыу яғынан асыҡ күңелле, ябай һәм йылы. 7 октябрҙә Әҙәбиәтселәр йортонда Есенин тураһында ҙур һөйләшеү булды. Корней Зелинский ҡыҙыҡлы сығыш яһаны. Рафаэль дә, мин дә был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Беҙгә саҡырыу билеты ебәрмәгәйнеләр, беҙ бер нәмәгә ҡарамайынса, хатта комсомол йыйылышын ташлап, Әҙәбиәтселәр йортона йүгерҙек. Инер алдынан Ғилемдар Рамазановты, Миҙхәт Ғәйнуллинды, Ғайса Хөсәйеновты осраттыҡ. Улар буфетҡа ғына килгән икән. Есенин тураһында бындай ҙур һөйләшеү тәүге ҡабат ҡына. Үҙе һәләк булғандан бирле Есенин исеме – әҙәбиәт тарихында иң ҡыҙыҡлы яҙмышҡа осраған исем. Донъяла бер ниндәй шағир ҙа кешеләргә Есенин кеүек тәьҫир яһамаған. Уның шиғырҙарын уҡып, бик күп кешеләр үҙ-үҙҙәрен Есенин яҙмышына бәйләгәндәр, бик күптәр тормоштан киткәндәр һәм һәләк булғандар. Есенин үҙенең «ҡара кеше»ле ижады менән «есенинщина» тигән исем ҡалдырған. «Ҡара кеше»не мин үҙем тыңлағандан һуң миңә ҡот осҡос булды. Бер аҙнаға яҡын уның йоғонтоһонда йөрөнөм. Бер туҡтауһыҙ ғазапландым. Ләкин бөтә халыҡ яратҡан Есенинды мин Өфөлә саҡта уҡ ярата инем. Чернышевский эстетикаһы. Чернышевский эстетика өлкәһендә гениаль хеҙмәте менән Белинский эстетикаһын артабан үҫтереүсе һәм тәрәнәйтеүсе тиергә була. Уның «Эстетические отношения искусства к действительности» тигән темаға яҙылған диссертацияһы үлемһеҙ. Был саҡта уға 25 йәш була. Гегелдең идеалистик эстетикаһы сәнғәт сәнғәт өсөн тигән фекергә ҡайтып ҡала. Гегель сәнғәттәге матурлыҡты тормоштағы матурлыҡтан өҫтөн ҡуя. Уны күккә, аллаға мендерә. Был эстетика ысынбарлыҡты кәмһетә, түбәнгә ҡуя. Уның буйынса абсолют рух ҡына сикһеҙ. Гегель кешенең дөрөҫлөккә, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыуын «тупаҫ тормош» итеп күрә. Уныңса, «тупаҫ ысынбарлыҡтағы» фекер һәм фәндең объектив закондарының сәнғәткә бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ. Бының менән Гегель сәнғәттең йәмғиәт тормошона булған йоғонтоһон һәм тәрбиәүи әһәмиәтен бөтөнләй кире ҡаға. Гегель «сәнғәте» һәм «әҙәбиәте» көрәшһеҙ, пассив матурлыҡ ҡына һәм ул ләззәт өсөн генә кәрәк! Был әҙәбиәтте бөтөнләй буш бер уйынсыҡҡа әйләндереү, уның көрәш ҡоралы булыуынан мәхрүм итеү, әлбиттә. Чернышевский бындай эстетиканы тар-мар итә. Ул, Белинский кеүек үк, иң беренсе нәүбәттә әҙәбиәт менән сәнғәтте халыҡ өсөн көрәш ҡоралы итеп күрә. Һәм эстетиканың үҙәгенә материализмдың төп принцибын һала (первичность материи, вторичность сознания). Нимәлә һуң матурлыҡтың асылы? Гегель уны идеяла, образ һәм идеяның берлегендә генә күрә. Был матурлыҡ тормоштан бөтөнләй айырылып алына. Гегелсә, матурлыҡ бары кеше хыялы тыуҙырған шәүлә генә! Беҙ уның менән ләззәтләнергә генә тейешбеҙ! Был паразит эстетикаға ҡаршы Чернышевский үҙенең бөйөк формулаһын ҡуя. «Прекрасное есть жизнь. Прекрасно то существо, в котором мы видим жизнь такою, какова должна быть она по нашим понятиям: прекрасен тот предмет, который выказывает в себе жизнь или напоминает нам о жизни». Матурлыҡ ул алға барыусы тормошта, бәхет өсөн көрәшеүсе тормошта. Сәнғәттәге матурлыҡ – тормоштағы матурлыҡты образдар ярҙамында күсереү. Сәнғәт матурлығы – тормош матурлығын сағылдырыу. Тик ул көҙгөләге сағылыу ғына түгел. Сәнғәт фотография түгел. Сәнғәт образдар аша дөйөмләштереп, һайлап, типиклаштырып сағылдыра, ысынбарлыҡ сәнғәттең сығанағы. Матурлыҡ – тарихи категория, Чернышевский көрәшкә саҡыра. Үҙенең бөтә ғүмере буйынса ул матур киләсәккә яҡынайыу өсөн көрәшә. Уның өсөн һәр саҡ үҫкән, матур хәрәкәт иткән, алға ынтылған көрәшле тормош матур. Сәнғәт тормошҡа тоғро булырға, уның кире яҡтарын да күрергә тейеш. Раҫлау менән бергә фашларға ла тейеш. 26 октябрь. Есениндың шиғырҙарын уҡыным. Рауил килде. Ә Уралды (ҡустыһы) кисә Мәскәү буйлап йөрөттөм. Ленин музейында булдыҡ. Төнө буйы үҙемдең шиғырҙар өҫтөндә ултырҙым, күсереп яҙҙым, төҙәттем. Йыйынтыҡ әҙерләйем. Ат шикелле эшләйем. Тик күп лекцияларҙы ҡалдырҙым. Бының өсөн комсомол йыйылышында бештеләр. Яңы комскомитет һайланыҡ. Көнкүреш секторында минең урында беренсе курстан Гибельман эшләйәсәк. Ниһәйәт, ҡотолдом! 27 октябрь. Вадим Зубарев менән Третьяков галереяһына барғанда шиғырҙар хаҡында һөйләштек. Мин уға форма өсөн генә яҙған бер шиғырымды уҡыным. Иҫеңдәлер ул көн — Мин киттем. Хушлашҡанда һурып Бер үптем. Моңһоу күҙҙәреңдән Йәш сыҡты. Тик сафлығы булып Ысыҡтың, Йөрәгемә минең Ул тамды. Тамған ерен уның Ут алды. Бер күрешмәй оҙаҡ Йөрөһәк тә, Һаман яныр ул ут Йөрәктә. Вадимға эстәлеген аңлаттым. Оҡшатты. «Форма ғына түгел бында, дөрөҫлөк», – тине ул. Шунан һуң был шиғыр үҙемә лә оҡшаны. 27 октябрь. Третьяковкаға Рауил менән Рәшит Сәлихов килгәйне. Репиндың «Иван Грозный»ы янында ғәҙәттәгесә бик оҙаҡ ҡарап ултырҙым. Нисә тапҡыр ҡараһам да, тәндәрем сымырлап китә. Уны яҙғанға нисә йылдар үткән инде, ә күпме кешеләр нисә йылдар буйына һаман да картинаға ҡарап тулҡынлана. Һәм мәңге тулҡынланасаҡтар. Третьяковкаға килгән һайын «Аленушка»ны ҡарап туймайым. Ул минең үҙемдә генә булһа ине! Был – иң күп эшләгән айым булды. Нилектәндер шул тиклем илһамланып яҙа башланым. Элек миңә шиғыр яҙыу шатлығы нисектер ғәҙәттән тыш бер ваҡиға була торғайны. Ә хәҙер ул көн һайын ҡабатлана торған ғәҙәттәге эшкә әйләнеп бара. Өмөтһөҙлөк һәм һыҡрау көндәре үтте. Мин ирекле һәм көслө. Үҙемде бер кем алдында ла бәйле тоймайым. Яҙасаҡ нәмәләр сикһеҙ! Ә Салауат тураһында яҙыу минең тормошомдоң иң ҙур маҡсаттарының береһе. Бәлки был йәшлек дыуамаллығы ғыналыр. Ләкин мин шуның менән йәшәйем, янам һәм алда шундай эштең тороуы мине көслө итә. Институтты бөтөү менән ныҡлап эшкә керешәсәкмен. Үҙемдең пландар тураһында тик Рафаэлгә генә һөйләгем килә. Бер кемгә лә мин шулай асыҡ түгелмен. Уға әйткән һүҙҙәрҙе мин хатта көндәлеккә лә яҙа алмайым. Әгәр ҙә минең яратҡан дуҫ ҡатыным булһа, мин тик уға ғына шулай һөйләр инем. Бәлки, миңә бөтөнләй үҙемде асмай торған, минең эске тормошомдо аңламай торған ҡатын да тура килер, кем белһен... Ә Марият минең ғүмер буйы ғазапланып уйлай торған кешем булды. Бына инде уны тәү башлап күргәнгә һигеҙенсе йыл. Дүрт йыл буйы ул минең бөтә ҡаныма һеңде. Ҡот осҡос илленсе йыл килеп етте... Кешегә үҙенең бәхет эҙләүе генә бәхет, ә ҡапыл күкрәп килгән, көтөлмәгән бәхетте ул күрмәй... Хәҙер мин үткән мөхәббәтемде генә яратам. Мин хәҙер алдағы көндәрҙең көсөнә бөгөнгө көндөң көсөнә ҡарағанда нығыраҡ ышанам. Артҡа сигенеү мөмкин түгел. Был кәрәкмәй ҙә. Алға барған тормошто күрмәйенсә, уға үҙеңдең бәләкәй генә тормошоңдо ҡаршы ҡуйыуҙан да көлкөлө көсһөҙлөк юҡ. Был ҙур юлдан килгән ҙур йөк арбаһының тәгәрмәстәре аҫтына инеп, уны хәҙер ауҙарам тип, һаҙҙан сыҡҡан баҡаның һытылыуы менән оҡшаш. Тормошто тәрәндән аңлаған кеше былай була алмай. Тормоштоң үҙ һүҙе бар: Алға! Алға! Алға! 1 ноябрь. Мин юлда. Көҙ көнө әле минең бер ҡасан да Өфөгә ҡайтҡаным юҡ. Мин үҙем менән тәүге китабымды алып ҡайтып барам. Ул минең тәүге мөхәббәтем менән бер. Уның яҙмышы – минең тормошомдоң яҙмышы. Был минең тәүге ҡабат әҙәбиәткә үҙ тауышымды ҡушыуым. Ҡайтыу менән үк шиғырҙарымды Мостафа ағайға күрһәтергә тейешмен. Иң ныҡ ышанған кешем ул ғына. Ул минең иң яратҡан уҡытыусым. Ләкин мин үҙемдең уға яратҡан уҡыусы булыуыма ышанып етмәйем. 2 ноябрь. Төнө буйы Стефан Цвейгтың китабын уҡып килдем. Көндөҙ вагондағы кешеләрҙе тыңланым. Яҡшыраҡ урынға күсеп ултырып, «Беҙҙең Әҙәбиәт институтыбыҙ» тигән мәҡәлә яҙҙым. Тәүге китап – тәүге һөйөү. Бына мин тағы ла юлда. 57-се поезд, 8-се вагон, 41-се урын. Тәҙрә эргәһендә. Ағиҙел күперен сығып киттек. Дим буйҙары артта ҡалды. Шул Ағиҙел күперен сыҡҡан һайын мин йәшлектең йәйғор күперенән сыҡҡан һымаҡ булам. Бөтә үтелгәндәр иҫкә килеп төшә. Моңһоу булып киттә. Шул күперҙән ырғып, үҙемде донъянан юҡ итергә ҡарар иткән саҡ өсөн һаман да уңайһыҙ һәм оят. Ләкин ул күпер миңә ғәҙәттән тыш ҡәҙерле лә. Уға бер ҡасан да ҡабаттан кисерелмәй торған иң ҡайнар тойғоларым бәйләнгән. Мариятты күрә алманым. Бик үкенесле булды. Ул ҡайһылыр районға практикаға киткән. Әгәр яҡын бер районда булһа, мин уның янына барып та килгән булыр инем. Ваҡыт бик аҙ булды. Тәүге ҡабат минең шиғырҙарҙы Яҙыусылар союзында тикшереү генә күңелле булды. Тормошто белергә, белемеңде арттырыу өҫтөндә һәр көн эшләргә, уны киңәйтергә һәм тәрәнәйтергә, талантыңды һәр көн тырыш хеҙмәтең менән үҫтерә барырға, үҙеңдең художество фантазияңды бик зирәк итеп, отҡор итеп тәрбиәләргә һәм художестволы зауығыңды иң яҡшы үрнәктәр менән байытырға, иң ҙур оҫталарҙан өйрәнергә, телде һәм халыҡ яҙмышын бик нығытып үҙләштерергә, һәр бер нәмәгә тәнҡит күҙе менән ҡарай белергә, һәр саҡ ҡыҙыҡһыныусан бала булып тормошто ҡабул итергә кәрәк. Бына минең үҙ алдыма ҡуйған һүҙем. Башҡаса юл юҡ. Шул ғына һине әҙәбиәттең ҙур һәм дөрөҫ юлына илтәсәк. Әҙәбиәтсегә тәнҡит, дөрөҫ һәм тәрән тәнҡит, һулар һауа кеүек кәрәкле. Уйлап-уйлап йөрөйһөң дә, беҙҙә шундай тәнҡит юҡ бит, тип күңелһеҙләнәһең. Яҙыусылар үҙҙәре тураһында бөтә йөрәктән һөйләшергә ҡурҡалар. Ә һөйләшерлек әҙәбиәт бар. Тәнҡитсе, яҙыусы кеүек үк, ижад итергә тейеш. Ижади тәнҡит кенә яҙыусыға үҙ-үҙен табырға, уның үҫеүенә булышлыҡ итә ала һәм уҡыусы алдында яҙыусының тотҡан урынын аңларға ярҙам итә. Тәнҡитсе яҙыусының үҙенсәлеген һәм уның шул үҙенсәлеккә нисек ирешеүен күрә белергә, башҡаларға асып бирергә тейеш. Ә беҙҙең «тәнҡит», аңлатыуҙан бигерәк, үҙе тома һуҡыр! Кешеләрҙең әҙәбиәткә һәм сәнғәткә мөнәсәбәте тураһында фекер йөрөтөргә кәрәк. Кемдәр һуң улар, хәҙерге кешеләр? Нимә талап итә улар? Ниңә был хаҡта беҙ, балыҡ кеүек, һис өндәшмәйбеҙ икән? Кәсепселәргә тәнҡит кеүек ҙур, ауыр һәм ҡатмарлы ижад эшен тапшырып ҡуйҙыҡ түгелме? Был бит әҙәбиәттең үҫеүенә кәртә булып, тотҡарлыҡ итә. Был яуапһыҙлыҡ уҡыусыларҙы ла биҙҙереп бөтөрә, үҙебеҙҙең әҙәбиәтебеҙгә булған мөнәсәбәттең ҡотон юғалта. Әҙәбиәтте баһалауҙың бындай методын юҡ итергә кәрәк. Ә ниңә сәнғәттең бөтә төрҙәренең дә бер-береһенә булған мөнәсәбәте тураһында киң итеп һөйләшмәҫкә? Мәҫәлән, живопись һәм әҙәбиәт, музыка, скульптура һәм әҙәбиәт һ. б. Улар араһындағы бәйләнеште күрмәй, күҙ йомоп ҡалыу мөмкинме һуң? Быны күрмәү «тәнҡитселәрҙең» шул тиклем сикләнгән ҡарашлы булыуын әйтеп тора. Ә бит кешеләр тормошта торған һайын рухи яҡтан матурлана, тәрәнәйә һәм байыраҡ була баралар. Кешеләр өҙлөкһөҙ үҫә. Тәнҡитсегә иң әүәле кеше булырға кәрәк. Ә беҙ бәләкәйбеҙ. Был – ҡурҡыныс. Шул ауырыуға ҡаршы көрәшә белмәйбеҙ. Ҡурҡа ла белмәйбеҙ. 23 ноябрь. «Комсомольская правда»ның 19 ноябрь номерынан «Плесень» фельетонын уҡып, үҙемдең бөтә тормошомдо ҡарап сыҡтым. Бик күп яңылышыуҙан һаҡланыу һәм иптәштәрҙе һаҡлау өсөн унда бик кәрәкле иҫкәрмә бар. Аҡса ни тиклем аҙҙыра кешене! Әсәләрҙең артыҡ мөхәббәте, һуҡыр һөйөүе баланы бөтөнләй боҙа, кешелектән сығара. Эш эсмәүҙә түгел, эскеселеккә булған мөнәсәбәттә. Үҙ ҡарашыңды дөрөҫ итеп билдәләргә кәрәк. Нимәнән һуң әсәләр? Күңелдәре бушлыҡтан! Эшһеҙ, ҡыҙыҡһыныуһыҙ кеше шул бушлыҡты араҡы менән тултыра. А. Фадеев буйынса бөгөн Апресян семинары. Ул Фадеевтың «Последний из Удэге» романын һөйләй. 30-сы йылдарҙа Березов, Александров һ. б. тәнҡитселәр был романда Лев Толстойҙың ҙур тәьҫирен күрәләр. Уларҙың күпселеге Толстой менән Фадеев араһында параллель үткәрәләр. Фадеев үҙен Толстойҙың уҡыусыһы итеп таный. Толстой философияһы менән Фадеевтың донъяға ҡарашында ниндәй бәйләнеш бар һуң? Ленин Толстой философияһының реакцион асылын, уның христиан диненә нигеҙләнеүен киҫкен тәнҡитләй. Йәмғиәттә һәр кем үҙ-үҙен камиллаштырыу менән шөғөлләнергә тейеш тигән Толстойҙың философияһы – ул замандан тыш, синыфтарҙан тыш. Ул кешене ғөмүмән ала. Толстой синфи көрәштән кешене айырып ала һәм үҙ өҫтөндә эшләргә ҡуша. Толстой революцияны танымай. Ленин Толстойҙың бөтә философияһын ҡаты тәнҡит утына ала. Уның философияһы – непротивление злу насилием. Шундай толстовщинаны 30-сы йылдарҙа тәнҡитселәр Фадеевҡа бәйләйҙәр. Ләкин был бөтөнләй дөрөҫ түгел. «Удэге»лә төп фекер булып йәмғиәттә кешеләрҙең рухи яңырыуы үтә. Был романдың төп идеяһы. Фадеевтың хатаһы тамсы ла толстовщинала түгел, «Удэге»ләге Лена Костенецкая тигән героиняһы ла бер нисек тә Толстойҙың Наташа Ростоваһы түгел. Ул бик тәрән психологик образ. 26 ноябрь. К. Паустовский семинарына индем. Машинаға кешенең мөнәсәбәте тураһында бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Бөгөн Рафаэль менән икебеҙгә лә Арбаттағы киоскынан Лермонтовтың I томын һатып алдыҡ. Көнө буйы бала кеүек шатланышып йөрөнөк. 30 ноябрь. А. Фадеев романы буйынса махсус курс. «Йәш гвардия» романын тикшерәбеҙ. Арнольд Тамм романдың икенсе вариантына өҫтәлгән күренештәрҙең композиция үҫешенә ҡамасаулағанын һөйләй. Сюжет – характерҙарҙың үҫеш тарихы. Геройҙың характеры хәрәкәттә булырға тейеш. Олег – романдың төп геройы. Ләкин Фадеев Олегтың һуңғы көндәрен күберәк һөйләп сығыуға иғтибар итә, ә был уның характерын асыуҙы йомшарта. Арнольд ҡайһы бер главаларҙан күп кенә урындарҙы төшөрөп ҡалдырыуҙан романдың эстәлегенә һис бер зарар килмәҫ ине, тигән фекерҙә. Ә Роальд Недосекин романдың кәрәкһеҙгә оҙонайтылыуына туҡталды. Күләм самаһыҙ ҙурайыу тәьҫир итеү көсөн юғалта төшә, сюжеттағы артыҡ ваҡиғалар романдың төп йүнәлешен ситкә алып китеп тарҡата. Унан һуң геройҙарҙың ҡапыл герой булып китеүҙәре тормош дөрөҫлөгөн юғалта. Мәҫәлән, Олег беренсе күренеүҙә үк батырлыҡ күрһәтә. Олег образы театраль башлана. 7 декабрь. Рафаэль поэмаһын күтәреп минең янға төштө лә һуңғы главаһынан өҙөктәр уҡыны. Яҡшы! Был уның бөтөнләй юғары күтәрелеүе. Уның һәр яҙған юлы минең күҙемдән үтә, әйтерһең, мин үҙем яҙам. Был поэма беҙҙе тағы ла нығыраҡ бәйләне. Кисә университетҡа Эля Мицкевич менән Әнисә килгәйне. Рафаэль Эля менән мауығып йөрөй, ә Рәйестең Әнисәгә күҙе төшкән. Рафаэль буфеттан вино алып, бергәләп ултырырға тигәс, мин ҡасып тигәндәй сығып киттем, уларға ҡамасаулағым килмәне. Ғайсаға шылтыраттым. Өйҙә! Уға һуңғы шиғырҙарҙы уҡыйһы бар. Бер ашханаға инеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Ғайсаны мин Рафаэлдең поэмаһын уҡырға саҡырҙым. Бер кис ултырырға булдыҡ. Ләлә Туҡаеваның хаты ла бик ҡыуандырҙы. Үткән төндә Есениндың «Эт тураһында йыр»ын, иртән Лермонтовтың «Елкән»ен тәржемә итеү ҙә, көндәрҙең матур булыуы ла, ә кис русса тәүге шиғыр яҙып ҡарау ҙа мине гел ҡанатландырып йөрөттө. Шиғыр миңә, уны нығыраҡ аңлаған һайын, ғазаплы табышмаҡҡа әйләнә бара. Белгән һайын үҙеңдең белмәгәнлегеңде беләһең. Бының һайын үҙеңә талапсаныраҡ, киҫкенерәк була бараһың. Үҙ-үҙемдән ҡәнәғәтһеҙләнеүем дә арта бара. Ғәжәп бит кешенең тәбиғәте! Шунда ла йәшәүҙең ҡыҙығы, эҙләнеү ғазабының татлылығы! Әгәр ҙә мин шағирлыҡ юлын һайламаған булһам да, теләһә ниндәй юлда ла, барыбер шағир булып танылыр инем. Һәр эштең үҙ шағиры булырға тейеш. 12 декабрь. Кисә Сәйфуллин Фауаз менән күрештек. Ансамбль менән килгәндәр. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәйет Исмәғилев-тең улы – скрипкала, Фауаз менән Солтанов тигән егет баянда уйнай. Рафаэль баянда уйнауын ныҡ ҡына онотҡан. Мин уның яңылышыуҙары һайын кисереп ултырҙым. Фауаз менән Бәҙриев Ратмир беҙҙе ҡунаҡ итте. Шакирә, Рауилә, Роля Ямалетдинова (Лаҡлы ҡыҙы, райондаш) һөйләшеп ултырҙыҡ. 13 декабрь. Кисә башҡа бик ҡыҙыҡлы бер фекер килде. Киләһе дәфтәрҙә Рафаэль менән бәхәсләшкәндәге фекерҙәрҙе ҡыҫҡа ғына булһа ла яҙып барырға! Лермонтов хаҡында бәхәсләштек: Уның фекере: Лермонтовты Кавказ тыуҙырған. Ул Кавказда булмаһа, «Беҙҙең заман геройы»н, «Демон»ды, «Мцыри»ҙы, «Ҡасҡын»ды тыуҙырмаған булыр ине. Минең фекер: Лермонтовты үҙенең заманы, үҙенең йәмғиәте тыуҙырған. Рус тормошо – уның ижадының нигеҙе, тупрағы. Кавказ ярҙамсы ролде генә уйнай. Лермонтовтың төп геройы – рус кешеһе. Бына шундай бәхәстәр аҙым һайын. Рафаэлдең фекерҙәрен дәфтәремә бынан һуң үҙ ҡулдары менән яҙҙырасаҡмын. Теләһә, мин дә уның дәфтәренә яҙасаҡмын. Тик ул көндәлектәр алып бармай. Әгәр ҙә мин шул бәхәстәрҙән һуң Рафаэлдең ҡайһы бер яҡтары өсөн бик борсолоп күңелһеҙләнеп ҡуйһам, ул мине бала кеүек күреп, бик тиҙ хәтерем ҡалыусанлыҡта ғәйепләй башлай. Мин бөтөнләй үпкәләүҙән түгел, ә уның ҡайһы бер сифаттары өсөн бөтә йөрәктән һыҙланыуҙан күңелһеҙләнәм. Сөнки уның шул сифаттары тәрәнәйеп китеү мөмкин. Беҙ бергәләп үҫергә тейешбеҙ. Унан башҡа бит минең яҡын кешем юҡ. 15 декабрь. Алда тағы имтихандар, йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр. Был сессия ҡалғандарының бөтәһенә ҡарағанда ла ҡурҡыта. Сөнки мин төп көстө лекциялар тыңлауға бүлә алманым, бөтә ваҡытты шиғырҙар яҙыуға бирҙем, үҙемдең тәүге китапты әҙерләнем. Китап инде нәшриәт ҡулында. Ҡышҡы практикаға ҡайтҡанда уны бөтөнләй хәл итеп китәсәкмен. Ҡайһы бер шиғырҙарҙы алып ташларға, ҡайһыларын яңынан эшләп сығырға, ҡайһыларын өҫтәргә кәрәк булыр. Йыйынтыҡты, әлбиттә, мин иртәрәк сығарамын. Үҙем теләгән тиклем көс юҡ унда. Шулай ҙа тәүәккәлләнем инде. Баҫылып сыҡҡанға тиклем уның өҫтөндә эшләйәсәгем генә бер аҙ мине тынысландырып тора. Ә хәҙер бөтә көстө уҡыуға бирергә! Башҡаларҙан ҡалышыу бик ауыр буласаҡ. Хурлығы ни тора! Теләһәң сәсрәп кит! Еңергә, еңергә кәрәк. Бөгөндән ат кеүек эшләй башларға. «Совет Башҡортостаны»нан 695 һум аҡса килде. Ә бына Урал (бер туған ҡустыһы) өсөн һыҙландыра. Үҙең ас йөрөһәң дә, уның тураһында уйлайһың. Йөрәк әрнеп-әрнеп ҡуя. Хәҙер мин тәүге ҡабат ата-әсәнең бала өсөн ҡайғыртыуын үҙ йөрәгем менән аңланым. Мин әсә лә түгел, ата ла түгел, ағай ғына. Шулай ҙа ағай булыу миңә бик күп нәмәне әйтте. Миңә уны ас йөрөтөү енәйәт кеүек тойола. Үҙ-үҙемде йолҡоп ташларҙай булып китәм. Рәйес менән бөгөн Зайлалова апай янына барып, Уралды Өфөгә ҡайтарып, интернатҡа урынлаштырыу хаҡында һөйләштек. Зайлалова апай был хаҡта Рәйес артынан әйтеп ебәргән. Уралды, каникулдары башланғас, Өфөгә ебәрергә һөйләштек. Әйҙә, ул мин үҙем дә, Рауил дә тамамлап сыҡҡан мәктәптә уҡыһын. Хат алышып, һөйләшеп торасаҡбыҙ. Мин уға нисек тә ваҡытымды бүлергә тырышырмын. Ә беҙ Рафаэль менән иркенерәк йәшәрбеҙ. Юҡһа, минең ауырлыҡ уға ла төшә. Хәҙер беҙҙең бөтә тормошобоҙ уртаҡ. Бер һауыттан ашайбыҙ, бер һумды ла уртаға бүләбеҙ. Уралға ул да йәлләмәйенсә, тыныс күңел менән генә ҡарай алмай. Кисә (14.XII) Рафаэль менән Әҙәбиәтселәр йортона Тыныслыҡ советының Века сессияһында ҡатнашыусылар менән осрашыуға барҙыҡ. Илья Эренбург председателлек итте. Луи Арагон үҙенең һуңғы поэмаһынан өҙөктәр уҡыны. Концерт та бик яҡшы булды. Максим Михайлов минең иң яратҡан йырым «Эй, ухнем»ды иҫ киткес оҫталыҡ менән йырлай. Ҡаҙанға Хәкимгә лә, Дилараға бик ҙур хат яҙаһы бар. Ә Дилараға хәҙер яҙмай торорға булдым. Ә үҙемдең уның тураһында бөтәһен дә белгем килә. Хәҙер уның ҡайҙа икәне лә билдәһеҙ. Ауылға уҡытырға киттеме икән? Һаман да редакцияла эшләйме? Белмәйем. Ә Марият һаман ғазаплай. Уны уйлау ҡурҡыныс та, рәхәт тә. Рафаэль дә шулай. Йыш ҡына Риманы иҫкә төшөрә, үкенеп бөтә алмай. Рима хәҙер тормошта. Ә ни тиклем яратты ул Рафаэлде! Ә Рафаэль уны ул тормошҡа сыҡҡас ҡына яратты. — Шулай уҡ та, ҡыҙҙар хаҡында хыялланып ғүмер үтер икән? – тибеҙ ҙә аптырашта ҡалабыҙ. Ярай, миңә лә төнәргә ваҡыттыр. Инде әтәстәр ҙә ҡысҡырыша башланы. 16 декабрь. Лозунг иезуитов: «Цель оправдывает средства». Иезуит в переносном смысле – лукавый человек, способный оправдывать высокой конечной целью всякую подлость и низость. Бөгөнгө көндө Достоевскийға бирергә булдым, лекцияға барманым. Достоевскийҙы уҡыуы ауыр. Арыта. Күңел болғана. Раскольниковтың эсенә шул тиклем инәһең, әйтерһең, уның урынында һин үҙең йәшәйһең. Ҡот осҡос! 17 декабрь. Миңә донъяла музыка ыңғайына ғына боҙҙа шыуыуҙан да рәхәт ял итеү юҡ кеүек. Рәхәтләнеп арыйһың. Ә ҡыҙҙарҙың матурлығы һине бөтөнләй иҫертә. Бөтә ҡыҙҙарға ла бер юлы ғашиҡ булып йөрөйһөң. Бер аҙ моңһоу ҙа. «Сәнғәт – ул образдар менән фекерләү». Потебня «Шағир ғәжәпләндерергә тейеш». Палавиченко Немецтар үҙҙәренең баш ҡалаһы тураһында яҙмаған. Ә француздар Париж хаҡында күпме роман, шиғыр тыуҙырған! Немецтар һәр саҡ провинция менән мауыға. Дилараның һуңғы хатын тағы ла уҡып сыҡтым. Хәкимдең уның хаҡында әйткән фекерҙәре йөрәкте өйкәп йөрөй ҙә йөрөй. Ә Дилараның үҙе менән һөйләшке килә. Ләкин хәҙер уның ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Һуңғы хатына яуап яҙмауға бик үкенәм хәҙер. «Хәким! Һинең һуңғы хатыңды алғанға күп ваҡыттар үтеп китте инде. Ә мин һаман да яҙа алманым үҙеңә. Иғтибарһыҙлыҡтан тип уйлама. Сөнки һинең фекерҙәрҙе мин иң тәүҙә башҡа ла һыйҙыра алманым. Үҙемдең турала ла күп уйланым. Күп фекерҙәрең менән килешә алмайым. Һинең Дилара хаҡында үҙең уйлағандарҙы миңә асыҡтан-асыҡ яҙыуың һәйбәт. Сөнки мин уны башҡалар күҙе менән дә күрергә тейешмен. Йәшермәйем, ул беренсе күреүҙә миңә оҡшаманы. Мин уны нәҡ һинең күҙҙәрең менән күрҙем. Һәм был миңә бик тыныс булырға, һалҡын аҡыл менән эш итергә мөмкинлек бирҙе. Мин шулай булдым да. Тик миңә Ҡазанда үткәргән өс көн ғәҙәттән тыш күңелһеҙ булды. Ләкин мин Дилараны ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күреүҙә бик яңылышҡанмын. Һуңғы көндә, элек мин уны нисек күҙ алдыма килтергән булһам, шулай күрҙем һәм бик ғәжәпкә ҡалдым. Кешеләрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм тәрән, төрлө-төрлө булыуына тағы ла бер ҡат ышандым. Бигерәк тә ижад кешеһенең. Дилара бик үҙенсәлекле кеше. Яҙыуын дауам итһә, ижадында ла шулай буласаҡ. Уға оҡшаған кешене белмәйем әле мин. Тышҡы матурлығы менән ул мине үҙенә һис тә тартмай, әлбиттә... Уның үтелгән тормошо бик ҡатмарлы. Ул бала сағында әсәһе менән бергә төрмәлә лә ултырған булһа кәрәк. Кешенең характерын һис тә уның тормошонан, мөхитенән айырып ҡарау ярамай... Уны аңлай белергә кәрәк. Беләһеңме, Хәким, Татарстанда һәм беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙ араһында уның кеүек яҙған кешеләрҙе әле күрмәнем. Ул ғәжәп матур әҫәрҙәр яҙасаҡ кеше. Беҙҙә, Хәким, яһалма, йөрәкһеҙ, һуңғы дәрәжәлә ихласһыҙ яҙылған әйберҙәр ишәйеп китте. Быға йөрәк әрней, асыу килә... Ә бына Дилараның шиғырҙарын уҡығас, бөтә йөрәктән шатланаһың. Ул бик һирәк осрай торған нескә күңелле шағирә... Уның балалар тураһындағы шиғырҙарын уҡығанда, Маяковскийға бик яҡын булыуын тояһың, ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар. Хәким, һин Дилараның шиғырҙарын иғтибар менән уҡып сыҡ әле. Ул бик үҙенсәлекле. Ул халыҡ ижадын да бик оҫта ҡуллана белә. Минең уға яҙған лирик шиғырҙарҙы «Совет Башҡортостаны» газетаһының ноябрь һандарынан ҡара әле. Улар Дилараға арнап яҙылған. Ундағы һуңғы («Аҡҡош кеүек йөҙәһең һин...») шиғырҙа шул юлдар Дилараның миңә яҙған һуңғы йыры: Әгәр таң йондоҙо булһам, Таң һайын ҡалҡыр инем. Асыҡ тәҙ(е)рәңдән һине Ҡарап йоҡлатыр инем. Һандуғас булһам, иртәһен Һайрап уятыр инем. Ел булһам, иҫеп, ҡайғыңдың Барһын таратыр инем. Халыҡ йырҙарына бик яҡын юлдар бит! Дилара ғәҙәттән тыш ныҡ кисерә торған, хатта бер аҙ экзальтациялы ҡыҙ. Уны күптәр аңламаҫҡа мөмкин. Уны еңелерәк күреүселәр ҙә булыуы бар. Кешегә бик ҙур кешелек хисе менән, иғтибар менән ҡарарға кәрәк. Мин Дилараны аңлайым. Ул матур йөрәкле. Тик минең ярҙам итә алмауым ғына ҡыҙғаныс. Ҡайҙа икәнен дә белмәйем уның. Йә хуш, Хәким. Яҙ. Сәләм менән Рәми». 19 декабрь. «Кәлимә! Хатың менән бик ҡыуандырһаң да, һаман әле үҙеңә яҙа алманым. Ваҡыт юҡлыҡтан түгел, ә һиңә бик күп һөйләге килгәндән, ахыры. Хатыңды алғандан бирле күңелемдән генә әллә күпме нәмәләр хаҡында һөйләнем инде мин! Тик һин уларҙы ишетмәйһең генә. Мин әгәр бер кешене бик яҡын итеп күрһәм, уның алдында үҙемде ғәҙәттән тыш яуаплы кеүек тоям. Үҙ яҙмышымды уға аҙ ғына бәйләгән булһам да, мин уның тормошонда ниндәй ҙә булһа бер яҡты эҙ ҡалдырғым килә. Әҙ генә булһа ла уның уйҙарын, тойғоларын, кешеләргә ҡарашын байытҡым килә. Кешеләр бер-береһе өсөн бәхет булырға тейештәр бит, Кәлимә. Минең шиғырҙар яҙа башлауымдың да төп маҡсаты шунда. Ләкин үҙем теләгәнсә һаман яҙа алмайым. Был миңә ғәҙәттән тыш ауыр. Шул тиклем көсөргәнешле йәшәүеңде уйлап ҡарайһың да үҙеңә бер йүләр кеше һымаҡ күренәһең... Бына, Кәлимә, һин дә индең минең тормошҡа. Бәлки, ваҡытлыса ғыналыр, ә бәлки, бик оҙаҡҡалыр? Белмәйем. Сөнки мин кешегә ғәҙәттән тыш ваҡһыу. Минең менән ризалашып йәшәү бик ҡыйын. Шунлыҡтан дуҫтарым да иң алыҫ кешеләргә әйләнеп ҡуя. Был хәлде мин бик ауыр кисерәм. Миндә ике кеше йәшәй. Улар бер-береһе менән өҙлөкһөҙ һуғыша. Үҙем теләгәне көслөрәк кеүек. «Йәш көстәр» өсөн рәхмәт. 8 мартта уның береһен үҙемә алырмын, береһен һиңә бирермен. Ятһындар. Ә бейек тау башына, әгәр ҙә һиңә минең менән күтәрелеү күңелһеҙ булмаһа, күтәрелербеҙ. Йәме?.. Кәлимә! Һиңә бер генә һорау: нимә ул бәхет? Тик үҙеңсә әйт, йәме. Рәми. Мәскәү». Әсғәт Әшрәпов килде. Рафаэль менән Марат Кәримовтың хатын уҡып ултыра инек. Марат хәҙер Өфөлә, «Ленинсы»ға эшкә урынлашырға йөрөй. Әсғәт миңә аҡса килтергән. Яңы йылды минең бүлмәлә үткәреү хаҡында һөйләштек. 20 декабрь. Әсғәт менән сәнғәт хаҡында һөйләшеп йөрөнөк. Ул Каспий нефтселәре тураһында яңы документаль фильмдың нисек эшләнеүе һәм үҙенең диплом эше тураһында һөйләне. Ҡайтҡас, Рафаэль Әсғәткә үҙенең поэмаһын уҡырға булды. 26 декабрь. «Яңы йыл менән, Лира! Бәләкәй генә хатың менән бик шатландырҙың. Тик миңә шағир тимә. Мин әле үҙем теләгәнсә бер ни ҙә яҙырға өлгөрмәнем. Ләкин мин һинең дә «Әсәйем ҡулдарымда үҙ әсәңдең ҡулдарын, уның йөрәген күреүгә бик шатландым. Нимә генә яҙһам да, уларҙа башҡа бик күптәрҙең үҙҙәрен күреүе – был минең бөтә маҡсатым. Әлбиттә, тормош ҡатмарлы. Ә кеше, Чехов әйткәнсә, бөтә яҡтан да – аҡылы менән дә, йөрәге менән дә, хатта кейеме менән дә матур булырға тейеш. Мин кешеләрҙе шулай күргем килгән өсөн яҙам. Үҙемдең шиғырҙа мин бик күп әсәләрҙе үҙемдең әсәй аша матурлағым килде. Шиғырҙар шулай тыуа. Улар һинең үҙеңде тыуҙыра, үҫтерә, эҙләндерә. Яңы йылды ҡаршылағанда, Кремль куранттары 1953 йылдың һуңғы сәғәтен һуғып, 1954 йыл башланғанда, Мәскәүҙә яҡын дуҫың бар икәнен дә хәтерлә. Мин дә «Салауат» пароходында Өфөгә бергә ҡайтҡан шиғырҙар яратыусы ҡараҡай ғына бер ҡыҙҙы күҙ алдыма килтерермен. Хәҙергә – имтихандар. Унан Өфөгә практикаға ҡайтам. Хуш. Рәми». М. Горькийҙың «Мещандар»ын ҡарап иҫ китте. Бик дәртләнеп ҡайттым. Осҡо килә! Үҙебеҙҙең бүлмәлә чехтар Юзеф Цисоржевский, Франтишек Каутман менән ҡараным. Франтишек минең әсәй тураһында очерк яҙырға уйлауын әйтте. Чехословакиялағы ҡатын-ҡыҙҙар журналына вәғәҙә биргән икән. Мин ярҙамлашырға булдым. Төндә бик оҙаҡ Юзеф килтергән китаптарҙы ҡарап яттым. Ул букинистарҙан сәнғәт буйынса китаптар йыя. 27 декабрь. Йоҡонан бик һуң торҙом. Рафаэль кискә тиклем күҙем ауырта тип ятты. Урал, Рауил (ҡустылары) янында ҡунып, һуң ғына ҡайтып керҙе. Кис Әсғәт килде. Рафаэлде уяттым да Рэйескэ (Низамов) йүгерҙем. Өйҙә юҡ. Өсәүләп Шураларға киттек. Рафаэль Шураның патефонын гөжләтеп ташланы. Яңы йылды беҙҙең бүлмәлә ҡаршыларға булдыҡ. Университеттан Диҡҡәт Бураҡаев, Рамазан һәм Марат үҙҙәренең ҡыҙҙары менән килһәләр, Рафаэль менән Рәйес Эля менән Әнисәне саҡырһалар, Әсғәт Валяһы менән булһа, миңә Шура ла «яраған». Ә Шакир Янбаев беҙгә ҡатышмай торған кеше инде хәҙер. Кисә театрҙан ҡайтып килгәндә, Әнисәне бер егет менән күрҙем. Киев вокзалы эргәһендә һөйләшеп тора ине. Мин өндәшмәнем. Ул күрмәне. Төҫкә бик матур ул. Үҙе тик егеттәр менән йөрөр өсөн генә тыуған ҡыҙ инде. Теләһә кемгә эйәреп китә, теләһә кемде эйәртә. Шуға ла үҙемдең йөрәк ҡуҙғалып ҡуйыуына аптыраным. Нисектер күңелһеҙ булып китте. Үҙемдең яңғыҙлығымды тағы ла нығыраҡ тойҙом. Ниңә һуң мин хәҙер бер генә ҡыҙҙы ла тулыһы менән йөрәгемә индерә алмайым. Хатта ҡурҡыта. Ә минең шул тиклем яратҡым килә. Әйҙә, ул яратыу теләһә ниндәй ғазаплы, үкендергес булһын! Тик минең ғәҙәттән тыш янып яратҡым килә. Ләкин мин быға ышанмайым. Әйтерһең, йөрәк мәңгегә йоҡлаған! Ниңә шулай? Бынан өс йыл элек минең күкрәгемдә ут йомғағы ята ине. Әллә ниндәй ләззәт, һыҙланыу менән яна ине йөрәк! Төндәрен йоҡлай алмай яҙам да яҙам, көндәрен – уҡыйым да уҡыйым, үҙем тамсы ғына ла арымайым, атлап түгел, гел осоп ҡына йөрөй инем! Ә хәҙер, әйтерһең, туңғанмын. Күңел боҙланған. Ҡот осҡос һалҡынлыҡ! Кем һуң иретә алыр уны? Мариятмы? Юҡ, ышанмайым. Ул хәҙер мине яратһа ла, мин уны ярата алмайым. Шул ярата алмау мине ғазаплай. Мин Мариятта хәҙер үҙемдең тәүге мөхәббәтемде генә яратам, уның шул тиклем үкендергес булыуына, тойғоларымдың яуапһыҙ ҡалыуына һаман да һыҙланам. Күргем килә уны. Ләкин уны күреү һәр саҡ шул үтелгәндәрҙе хәтерләтә лә үҙемде яратмайым. Үҙемдең ғорур була алмауыма асыу килә. Ул тамсы ла үҙемдең хыялда тыуҙырған Мариятҡа оҡшамаған... Бына янға Борис Палкин килде. — Көндәлек яҙаһыңмы? Был һорау миңә бик уңайһыҙ. Сөнки мин бер кемдең дә шулай көндәлек алып барыуын күргәнем юҡ әле. Был нисектер башҡаларға буш нәмә булып күренә. Был яҙмаларҙа тормошомдоң бәләкәй генә булһа ла серле эҙе бар. Урман араһында йөрөгән эҙҙәр кеүек улар. Үҙем генә уларҙы уҡый беләм. Ләкин минең йөрөгәнде бер кем дә күрмәһен. Хатта Рафаэль килеп торһа ла уңайһыҙ. Ул быны аңлай, ахыры. Бер ҡасан да: «Нимә яҙаһың?» – тип һорамай. Был яҡшы. 28 декабрь. Төнгө сәғәт 5-кә тиклем ултырғанмын да ҡуйғанмын. Тағы ла йоҡлап булманы. Фадеев буйынса Апресянға зачет тапшырҙым. Ә Николай Старшиновты ҡыуып сығарған. Морозовҡа зачет ҡуймаған. Ярай, быныһынан да ҡотолдоҡ! Мунсала ла Энгельстың «Людвиг Фейербах»ын уҡып ултырҙым. Рафаэль дә килеп керҙе. Мин уға иртә менән Әкрәм Биишев ҡалдырып киткән хатты бирҙем. 29 декабрь. Философиянан конспекттар булмаған өсөн зачет бирә алманым. Рафаэлгә Назым Хикмәттең «Һайланмалар»ын һатып алдым. Ул минән, юҡһа, үҙемдәгеләрҙе бүләк итеүемде һорағайны. «Рафаэль, был бит яратҡан ҡыҙыңды миңә бир, тигән кеүек була», – тигәйнем. Рафаэль китапҡа ныҡ шатланды. 30 декабрь. Иртән Хәҙисә менән Шакир килеп инде. Хәҙисәне һағынып көткәйнек. Ул Мәскәүҙә бер 20 көнләп торорға, музейҙарҙа, театрҙарҙа, Третьяков галереяһында булырға тейеш. Хәҙисәгә инде тормошҡа сығырға, әсә булырға күптән ваҡыт еткән. Ул шул тиклем бала күңелле, саф, матур! Һәр һөйләшеүҙән һуң уның донъяға ҡарашының асыҡ һәм дөрөҫ булыуын күреп һоҡланаһың. Уның үҙенә генә хас ҡатын-ҡыҙ матурлығы һиңә сикһеҙ рәхәтлек бирә. Ҙур һоро күҙҙәренә ҡарап тороу ғына ла күңелде сафландыра. Горький утверждает, что язык служит «костью, мускулом, нервом, кожей фактов», которые создаются человеком. «Надо такой четкости, такой ясности слов, фразы, которые могут быть даны только силою этого языка, ибо – покамест, только он способен создавать картины подлинной художественной правды, только он способен придать образу пластичность и почти физическую видимость, ощутимость». Литературный язык. «Деление языка на литературный и народный значит только то, что мы имеем, так сказать, «сырой» и обработанный мастерами язык», – пишет М. Горький. Писателей он считает формовщиками языка. «Чтобы хорошо писать, надо хорошо знать свой родной язык», – говорит Горький Е. Ганьшину. «Героическое дело требует героического слова». «Экономнейший способ организации мысли и есть образ». «Пишите гуще», – таково неизменное требование Горького. Лермонтов стремится «разгорячить кровь русской поэзии, вывести ее из состояния пушкинского равновесия». Уйланыуҙар Башҡорт теленең үҫешенә ислам диненең схоластик китаптары бер ниндәй ҙә файҙа килтермәгән. Ә рус телендә христиан дине хаҡында яҙылған китаптарҙың бик ҙур йоғонтоһо бар бит. Шиғыр яҙа башлаусы йәш кешегә шундай мәсьәләләрҙе ҡуйырға кәрәк: халыҡ ижадын, телен өйрәнеү; үҙеңде ҙур кеше итеп әҙерләү: сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар образынан үрнәк алыу; бөтә классиктарҙан, туғандаш халыҡтарҙан өйрәнеү: шағир тынғыһыҙ көрәшсе булһын, алдында ҙур бурыстар торһон. Ябайлыҡ һәм ябай булырға тырышыу бар. Тәүгеһендә – тормош, һуңғыһында – уның күләгәһе. Ҡояшты болот ҡапланымы, күләгә юғала. Шағир булып күренергә тырышыу – меҫкенлек. Ҡырмыҫҡаны йөк башына менһә лә күрмәйҙәр. Бәләкәйләнергә теләмәһәң, йөрәгеңә халыҡты һыйҙыр, уның менән йәшә. Ашыҡҡан кеше абынырға ла мөмкин. Ләкин ашыҡҡаны яҡшы. Тормош ашыға. Кешеләрҙе бер-береһе менән булған уртаҡлығы яҡынайта. Яҡшы – яҡшыға, насар насарға ынтыла. Ятҡан һыу таҙа булмай, эсмә уны. Дошманыңдан да өйрән, дуҫыңды ла өйрәт. Бер кешенең дөрөҫлөгө мең кешенең яңылышыуын да еңә. Ялғандың ғүмере ҡыҫҡа. Хыял менән генә йәшәгән – хыялый ғына. Тормош тыуҙырған хыял ғына ҡанатлы. Яҙыусынан үҙе булдыра алмағанды яҙыуҙы талап итеү – ул итексенән салбар тегеүҙе һорау. Әгәр ҙә минең балалыҡ Ватан һуғышы йылдарына тура килмәһә, мин шиғырҙар яҙа башламаған булыр инем. Ватан һуғышы минең йөрәктә иң тәрән эҙ ҡалдырҙы, яҙмайынса булдыра алманым. Әгәр ҙә мин әҙәбиәт өсөн тыуһам, мине Ватан һуғышы тыуҙырҙы, атайымдың шул һуғышҡа китеп һәләк булып ҡалыуы, әсәйемдең шул көндәрҙә беҙҙең менән үткәргән яңғыҙ тормошо, өс-дүрт көн ас ултырған көндәр, бөтә кешенең һуғышты тойоп йәшәүе – минең бәләкәй генә йөрәгемә иң ҙур тормош булып инде. 1954 1 ғинуар. Яңы йылдың сәғәте. Хуш бул, иҫке йыл! Мин һиңә бик күп яңылыҡ килтергән көндәрең өсөн бурыслымын. Ауыр, бик ауыр көндәрең дә булманы түгел. Үҙемдең киләсәгем өсөн ҡурҡҡан, ҡайғырған, икеләнгән, шикләнгән көндәр ҙә булды. Тик алға ҡуйған ҙур маҡсаттан тайпылған өмөтһөҙ көн булманы һәм бынан кире лә булмаҫ. 6 ғинуар. Урал поезға билет алып ҡайтҡан. Яҡшы. Зачетты имтихандарҙан һуң бирергә рөхсәт итмәнеләр. Беҙҙең институттағы формаль ҡарашҡа бигерәк эс боша. Рафаэлдең шиғыры «Совет Башҡортостаны»нда баҫылған. Бер генә шиғыры. Шуға күңелһеҙләнеп ултыра. Әлтәфтең хаты ла, Марияттың хаты ла бик шатландырҙы мине. Марият, Марият! Миңә бөтә донъя яҡтырып киткән кеүек булды. 7 ғинуар. Төнө буйы йоҡлай алманым. Марият күҙ алдымдан китмәне. Иртән, сәғәт 7-се яртыла кочегар ағай ишекте шаҡығас, ырғып торҙом да Уралды уяттым. Поезд 1-ҙә китә. Урал менән электричкала һөйләшеп барҙыҡ. Мариятҡа яҙған хатты яңынан уҡып сығып, конвертҡа һалдым да: — Бына еңгәңә хат! - тигән булдым. Урал, көлөп: — Ҡайҙа, үҙем илтеп тапшырам! – тине. – Күрермен дә уны. — Юҡ, әле ярамай!.. Рауил оҙатырға килә алманы – имтихан. Урал тураһында интернат директорына хат яҙҙым. Насар малай түгел, уңырһығыҙ, тинем. Урал көлдө. Поезд китте. Бар ине Урал. Юҡ Урал. Нисектер моңһоу булып китте. Хәйерле юл һиңә, Уралым... Мин уға ауыл хужалығы академияһы тураһында ныҡлап уйларға ҡуштым, был хаҡта уның көндәлегенә лә бер трактат яҙҙым. Үҙе уйлаһын хәҙер. 8 ғинуар. Киске поезд менән үҙебеҙҙең Сажиҙә Зайлалова апайҙы Өфөгә оҙаттыҡ. — Уралды кисә ҡайтарып ебәрҙек, ҡарағыҙ инде, – тинем. Сажиҙә апай хатлашып торорға адресын да ҡалдырҙы (Өфө, К. Маркс урамы, 17/19, кв. 65). Рафаэль көнбайыш әҙәбиәтенән отличноға тапшырып ҡайтҡан! Яҡшы! 9 ғинуар. «Ҡыҙыл букет» китабын тәү тапҡыр уҡығаныма 15 йыл тулды! Миңә ул саҡта 6 йәш ине. Сәләм – минең тормошома ингән беренсе шағирым! Уның тормошо һәм ижады тураһында бик яҡшы китап яҙырға тейешмен мин. Уны белгән яҙыусыларҙан, ҡатынынан һорашырға кәрәк. Мин уйлаған был эш беҙҙә әле башланмаған да. Тышта бөгөн шундай йәмле! Аҡрын ғына ваҡ ҡар яуа. Ҡояш йоҡа ғына болоттар артынан тоноҡ ҡына яҡтырта. Ел юҡ. Тып-тын. Ә мин философия менән ултырам. 10, 11, 12 ғинуар. Философияны уҡып, конспекттар яҙҙым. Баш ҡалҡытырлыҡ та ваҡыт булманы. Үҙемдең сыҙауға иҫем китә. Был көндәрҙә бөтөнләй профессор булып бөттөм. Маркстың «Фейербах хаҡындағы тезистар»ын ғына аңлап бөтөрмәнем булһа кәрәк. Философик һүҙлекте бик йыш аҡтарырға тура килә. 13 ғинуар. Иртә менән институтҡа барғанда Чалай менән Шевлюкты тыңлап иҫ китте. Толстой буйынса шундай юҡ нәмәләрҙе лә белмәйҙәр. Яҙыусылар! Бөгөн Поспелов бик күптәрҙе бөлдөргән. Күптәр имтихандарын бик насарға тапшырған. Мәсьәләне партия йыйылышында тикшергәндәр, шикелле. Бик сәйер! 1872. «Новая теория символической поэзии Артура Рембо»: «Первое, с чем должен ознакомиться человек, желающий стать поэтом, – это с самим собой. Он исследует свой внутренний мир, внимательно изучая его во всех деталях. Овладев этим знанием, он должен всячески расширить его пределы. С первого взгляда задача кажется довольно простой: в каждом из нас постепенное развитие совершается естественным путем. Но в данном случае речь идет о том, чтобы стать настоящим чудовищем... Представьте себе человека, старающегося вырастить у себя на лице бородавку. Я говорю, что надо быть ясновидцем, стать ясновидцем. Поэт становится ясновидцем в результате долгого и строго обдуманного расстройства всех своих чувств... Это не передаваемая мука, перенести которую можно лишь... с нечеловеческими усилиями... Он ведь познает неведомое, и если бы даже, сойдя с ума, он в конце концов утратил понимание своих видений, ему все-таки удалось созерцать их воочию!» 14 ғинуар. Көн йылы. 15 саҡрымлап урманда саңғыла йөрөгәнмендер. Внуковоға барып сыҡтым. Ай һыуҙай яҡты, шаңдаҡланып тора. Зачетты Политехнический музейҙа «Учительская газе-та»ның философия һәм педагогика бүлегендә тапшырҙым! Нестеренко минең конспекттарҙы ярты сәғәт тиерлек ҡараны. Ваҡ ҡына һорауҙар бирҙе. Электричкала бик матур бер ҡатындың ире менән балалар шикелле шаярышып килеүен ҡарап ҡайттым. Ире бөгөн 4 сәғәт кенә йоҡлаған. Ҡатынының ҡулбашына башын ҡуйып йоҡларға итә. Ҡатын миңә ҡарап көлә лә иренең башын этә – уңайһыҙлана. Ә ул үпкәләне лә ҡуйҙы. Ҡатын миңә ҡарап гел йылмайып ултырҙы. Бер һүҙ әйтмәйенсә, кешеләр ҡараштары менән генә лә әллә күпме нәмә тураһында һөйләшә ала. Һүҙ менән әйтһәң, шулай матур булмаҫ ине! Ә бер көндө, Яңы йылды ҡаршылап ҡайтҡанда, Рафаэлдең Эляның иңбашына башын һалып килеүе һис тә оҡшамағайны... 15 ғинуар. Әле Ибсен тураһында Луначарский мәҡәләһен уҡырға ултырҙым. Норвегияның иң ҙур драматургы ул /1828 – 1906/. Бранд – это образ цельного и сильного человека. Но идеал его есть только идеал. Что этот идеал – неизвестно. В этом трагедия Ибсена. Он хочет звать свой народ все выше и выше. Но куда? Полная мистика. Пер Гюнт – это изображение человека, который видоизменяется в зависимости от обстоятельств. Мягкий как воск. Принимает любую форму. Он подобен луковице, с которой можно снимать ее одежды и таким образом уничтожить ее всю, кроме одежек, у него нет ничего за душой. Ибсен один из величайших профессоров «бунта человеческого духа». Но когда человек дорожит «бунтом» ради «бунта», тогда он сам не понимает, к чему бунт должен привести. Ибсен привлекателен своим «нравственным беспокойством», своим интересом к вопросам совести, моральным характером своей проповеди. Но его мораль так же отвлеченна, а поэтому так же бессодержательна, как мораль Канта. Плехановтың мәҡәләһе, әҫәрҙәрҙе художество яғынан тикшермәһә лә, миңә бик оҡшаны. Был минең Плеханов менән тәүге танышыуым. Ул ғәҙәттән тыш белемле! Уҡыйһың да уны – үҙеңдең уйың да киңерәк, тәрәнерәк була бара. 16 ғинуар, төн. Джек Лондонға тотондом. Хәҙер инде яҡтыра башлар, ә йоҡо килмәй. Аҙ уҡыһам да, файҙалыраҡ уҡығым килә. Имтихан иһә – минең өсөн һылтау ғына. Бөтәһе лә үҙем өсөн. Хәҙер уҡып ҡалмаһам, күп нәмәне юғалтыуым мөмкин. Мартин Идендың үҙемә оҡшауы ғәжәп. Әйтерһең, ул – мин. Нисектер рәхәт миңә. 17 ғинуар. Төнгө сәғәт 3. Лондон тормошто Горький кеүек белә. «Играя в незнакомую игру, никогда не делать первого хода». «Разум ее был юным, как она сама. Но инстинкт ее был стар, как человечество, и даже еще старше. Он родился в те давние времена, когда родилась сама любовь...» 18 ғинуар. Мартин Иден! Ниндәй ҡурҡыныс һинең тормошоң! Ҡайҙа һин, элекке Мартин Иден? Ауыр һинең тормошоңдо уҡыу! Ләкин һинең тормошоңа ҡарау миңә бик кәрәкле. Миңә бик ауыр булған саҡта мин һине һәр саҡ иҫкә алырмын, көслөрәк булырмын. Бөттөм! Китаптың һуңғы битендәге юлдар Мартинды йотҡан диңгеҙ тулҡындары кеүек ҡағылды миңә... Кеше тупраҡты алтын итә, алтын кешене тупраҡ итә... Джек Лондондың был китабын башҡортсаға тәржемә итке килә. 18 ғинуар. Институтта миңә аҡса килгән тинеләр. Ревизорҙар килеп сыҡмаһын, тип йөрәкте ус төбөндә тотоп китеп барам. Күҙ алдымдан Мартин Иден китмәй тик тора. Институтҡа барып, аҡсаны алһам, тағы аптыраным. Әллә берәйһе көлөп 46 һум ебәрҙе микән? «Гарипову Студенту» тип, студент һүҙен ҙур хәреф менән исем урынына яҙғандар. Почтаға барһам, ул радиокомитеттан! Ләкин минең унда бер әйбер ҙә ебәргәнем юҡ. Аҡсаны алып сыҡҡас, Искәндәр Гумматов осраны, бурысҡа аҡса һораны. Биш һум сығарып бирҙем дә ашханаға киттем. Минең янға ике жулик килеп ултырҙы. Береһе минең йәштәрҙәге егет – Валерий, икенсеһе – ун дүрт йәштәге малай, Леонид. Өҫтәлдә минең Лондонды күреп, был малай Джек Лондонды һөйләп алып китте. Мин таң ҡалдым. Мин ишетмәгән яҙыусыларҙы белә. Трифоновтың «Студенттар» повесын тәнҡитләп ташланы. Мин бик ҡыҙыҡһынып тыңланым. Жуликтарға бөтөнләй үҙ кешеләре булып күрендем, ахыры. Мине араҡы менән һыйларға булдылар. Баш тарттым. Бик ҡыҫтағас, бер аҙ ауыҙ иттем. Малайҙың араҡыны һыу кеүек әсеүенә йөрәк ҡыҫылып китте. — Һин нимә эстең? – тим, күҙҙәренә ҡарап. — Ә нимә? — Күҙ йәштәрен! – тинем. Ул көлдө. — Беҙгә әсе түгел! Был һүҙҙәрҙән мин уларҙың бөтә тормошон аңланым. Бөгөн улар Киев вокзалында урлашырға тейеш. Был турала улар студенттар зачет хаҡында һөйләшкән кеүек әйтте миңә. Кисә Валерийҙың үҙен сисендереп, 180 һум аҡсаһын алғандар. Официанткаға улар кеҫәләренән аҡсаны кәбеҫтә кеүек сығарып түләне. Мин дә үҙемдең тәңкәләрҙе сығарҙым һәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡыҙарҙым. Официатка сдача бирҙе, алманым. Жуликтар күңелһеҙләнеп ҡалды. Мин уларға ниңә оҡшағанымды аҙаҡ ҡына аңланым. Мин бит уларға үҙем кеүек үҙ кеше итеп ҡараным! «Упорство – вот тайна писательского мастерства, говорил Лондон. Он установил для себя чрезвычайно жесткий режим и неуклонно следовал ему, работая порою по девятнадцать часов в сутки. За шестнадцать лет напряженного творческого труда Лондон написал около пятидесяти книг». 19 ғинуар. Көнө буйы ҡар яуҙы. Көнө буйы Мопассандың «Тормош» романын уҡыным. Кис Рауил Уралдың хатын килтерҙе. Һаман әле интернатҡа урынлашмаған. Үҙе уҡып йөрөй. Уны ҡайтарып ебәргәнгә үкенеп ҡуйҙым. Мин Мопассанды элек нисек тә уҡымаҫҡа тырыштым, һәм яҡшы иткәнмен. Егермене уҙғас ҡына уҡырға кәрәк уны. 20 ғинуар. «Марият! Күҙ алдыңа килтерһәң ине: тирә-яҡта шундай сафлыҡ, шундай иркенлек! Ҡарағайҙарҙың, шыршыларҙың йәшел ботаҡтарына күпереп кенә торған ҡар түшәлгән. Ботаҡтарҙа ул, муйыл сәскәһе кеүек, тәлгәш-тәлгәш уҡмашып тора. Улар шундай һәлмәк кенә булып, ниндәйҙер бик матур ауырлыҡ менән түбәнгә аҫылынып тора. Миңә тик ауырлы йәш әсә генә шулай матур булыр ине кеүек. Миңә был донъялағы иң изге матурлыҡ булып тойола. Сөнки тик әсә йөрәгенең аҫтында ғына башланған яңы ғүмерҙең йөрәге тибә. Йәш әсәгә шунан да ҙур ғорурлыҡ юҡ кеүек был саҡта. Бына иртәгә һуңға һинең тормошҡа килгән көнөң, Марият. Һинең өсөн берәү генә булған иң ҡәҙерле кешеңдең иң ныҡ шатланған көнө. Быны һин аңлайһыңмы, Марият? Мин үҙемде әле бер ҡасан да шундай яңғыҙ, шундай күңелһеҙ тойғаным юҡ ине. Их, Марият!.. Әгәр ҙа бына шул ваҡытта донъяла мине бер генә аңлай торған кеше булғанда, мин ни тиклем бәхетле булыр инем. Ниңә кешегә ҡайһы саҡта түҙә алмаҫлыҡ ауыр? Башҡа ваҡыттарҙа мин был һорауға яуап бирә алам. Ә бөгөн – юҡ. Бөгөн минең тормоштан юғалғым килә, бөтөнләйгә киткем килә. Ләкин мин иртәгә уны тағы ла нығыраҡ яратасаҡмын. Мин тормошто ғәҙәттән тыш яратыр өсөн тыуғанмын. Кәрәк булһа, тик уның өсөн генә үлергә әҙермен. Марият, бәлки, был уйҙар бик сәйер тойолор. Ләкин улар бөгөнгө уйҙар ғына түгел... Мин аҙым һайын кешеләрҙең бер төрлө һөйләп, бөтөнләй икенсе төрлө йәшәгәндәрен күрәм. Ләкин күптәр быны күрмәй... Был көндәрҙә һинең турала бик күп уйланым мин. Беҙҙең быуын да олоғая бара, Марият. Һин инде бына эшкә лә китәһең. Ә мин һинән алдараҡ эшләй башларға тейеш инем. Ә мин һинең күберәк уҡыуыңды теләйем. Һиңә китапхана институтын бөтөргә кәрәк. Әгәр ҙә һин үҙеңдең был эшеңде бөтә йөрәктән яратаһың икән, көҙгә тиклем эшләп, уны ныҡ аңлап, үҙеңә нимә етмәгәнен бөтә яҡтан да белеп, көҙгә яңынан уҡый башларға кәрәк, Марият! Беләм, һинең әсәйеңә, туғандарыңа ярҙам иткең килә. Ләкин һин күберәк ярҙам итерлек бул, бөтә яҡтан да алыҫҡараҡ ҡара... Мин һиңә ошонан башҡа бер ниндәй ҙә яҡшы кәңәш бирә алмайым. Ә миңә шулай ҙа һинән алдараҡ эшләй башларға. Һинең үҙеңә уҡыу өсөн ярҙам итергә кәрәк. Шуға нисек ҡарайһың, Марият? Яҙ, йәме. Әлбиттә, һин үҙ тормошоңдо минән башҡа ла хәл итергә мөмкинһең һәм хаҡлыһың да. Ләкин мин үҙ тормошомдо һинән башҡа күҙ алдыма килтерә алмайым. Һин берҙән-бер өмөтөм минең, Марият. Әгәр ҙә беҙҙең тормош мин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, мин әҙәбиәттән башҡа үҙемә бер ниндәй ҙә йыуаныс эҙләмәйем. Үҙем өсөн аҙ ғына булһа ла йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмаясаҡ. Минең балаларым – яҙғандарым ғына йәшәһендәр. Әлбиттә, мин шофер, летчик булып та (хәҙер минең күҙ яҡшы күрә), заводта эшсе булып та, бер өс йыл уҡыһам, агроном булып та (был эште яратам мин) эшләй алам. Ләкин үҙемә иң ауыр, иң изге эш – әҙәбиәттән башҡа мин бер ниндәй ҙә ҡәнәғәтлек тапмаясаҡмын. Марият! Һин быны бик тәрәндәй аңлаһаң ине. Был эш бит минең бер нисек тә дауалап булмай торған ауырыуым. Һине юғалтыу – минең үҙемдең шәхси тормошомдо юғалтыу, ә әҙәбиәтте юғалтыу – үҙемде бөтөнләй юғалтыу. Марият, минең башҡалар әйтмәгән бик күп фекерҙәрем бар. Малым да, даным да юҡ, ләкин кешеләргә ҡалдыра торған иң яҡты һүҙҙәрем бар. Мин һинең үҙ тормошомда иң яҡын дуҫым да, кәңәшсем дә, иң беренсе уҡыусым да, балаларға иң яҡшы әсә лә, хатта үҙемдең дә әсәм булыуыңды тойғом, күргем килә, Марият... Марият, быны уҡыйһыңдыр ҙа мине «бына бер бәлә кеше» тиһеңдер. Йә, хуш, ғәйепләмә. Бөгөн мин яңғыҙ. Ярай, алыҫта булһаң да, һин бар әле. Бына һинең менән һөйләшкәс, еңелерәк, исмаһам. Рәми». 21 ғинуар. Саңғыла йөрөп килдем дә Мопассандың «Пышка» хикәйәһен уҡып сыҡтым. Бөтә юғары синыф кешеләре бер фәхишәнең ике бөртөк күҙ йәшенә лә, тырнағына ла тормай! Хикәйә мине таң ҡалдырҙы. 22 ғинуар. Марияттың тыуған көнө бөгөн. Кисә уға ике шиғыр яҙҙым. Иртә менән «Йүрүҙән» шиғырын яҙа башланым. Китаптың исемен шулай атағым килә. 23 ғинуар. ЦДЛ-да институттың 20 йыллығы үткәрелде. А. Сурков асты, Замошкин телмәр тотто. 24 ғинуар. Тәүге ҡабат Ҙур театрҙа булдым. «Иван Сусанин» күҙ алдымдан китмәй. Ҡайтҡанда Әсғәт Әшрәпов минең койкала йоҡлап ята ине. Танауынан тартып уяттым. Һағындырған шайтаның! 25 ғинуар. Войничтың «Овод»ын уҡып сыҡтым. Көслө әҫәр. Һәр кемгә уҡырға ҡушасаҡмын. Ҡапыл, көтмәгәндә, Даһи Бабичев килеп инде. Өфө хәлдәрен һөйләп ташланы. Ҡыҙы бар – Таңсулпан (Т. Бабичева, актриса). Минең тыуасаҡ ҡыҙҙың исемен ҡушҡан! Рафаэлде Өфөгә оҙатырға сыҡтыҡ. 30 ғинуар. Белгән һайын үҙемдең бик күп нәмәләрҙе белмәүемде генә беләм. Имтихан тапшырылды. Уралдан хат алдым. Интернатҡа урынлашҡан. Ҡыуанып бөтә алманым. Торған һайын нығыраҡ яратам үҙен. Кисә Рауил килде. Башлы малай. Шулай ҙа ул миңә Урал кеүек эҫе түгел. Арала ниндәйҙер кәртә бар. Үҙем дә аптырайым. Әйтерһең, беҙ бер әсәнән түгел... Минең тыуған көн 12 февралдә. Ләкин минекен дә Боряныҡы менән бергә үткәрҙек. Нина Акимовна (Шевкунова) бик тәмле итеп пирог бешергән. 31 ғинуар. Бүлмәлә үҙем генә уйланып ята инем, Алгис килеп инде. — По-прежнему у тебя книг много, по-прежнему ладонь крепкая, – тине ул, көлөп. Ул ҡапыл килеп керҙе, хатта мин күҙҙән йәшемде лә һөртөргә өлгөрмәй ҡалдым. Р. Роллан: «Нужно воспитывать в душах любовь к истине, чувство истины, властную потребность к истине... Нужно иметь смелость вырвать, если надо – силой... Есть только одно лекарство – правда. Надо видеть и отображать жизнь такой, как она есть...» Толстой – Ролландың бөйөк уҡытыусыһы. Роллан «Война и мир» авторына хат яҙа һәм унан /1887 йыл, 4 октябрь/ ғүмер буйы көс биргән бөйөк хат ала. Роллан: «Он /Толстой/ мне представляется, подобно Жан-Жаку Руссо, сидящим на развалинах старого мира, разрушению которого он содействовал, на пороге нового мира, наступление которого он, сам того не желая, подготовил, и которому предстоит идти дальше, оставив его позади». Ленин характеристикаһына ниндәй яҡын! Рус әҙәбиәтенә Ромэн Роллан аша күсәм. Иң тәүҙә Толстойҙың Ролланға яҙған хатын уҡып сығырға кәрәк. Ғөмүмән, мин хәҙер әҙәбиәтте үҙемсә өйрәнә, үҙемсә аңлай башланым. Иҫке донъя миңә яңыса асыла. Үҙемде һуғышҡа инергә торған һалдат кеүек тоям. Поспеловҡа имтихан биреү өсөн генә әҙерлек түгел был, ҙур тормошҡа әҙерлек. Алда – ҙур яҙмыш һынауы тора. Файҙалы булырға тейешмен. 12 февраль. Төн. Переделкино. Бына инде тәүге әтәстәр ҙә ҡысҡырыр. Инәйем, бәлки, йоҡоһонан уяныр ҙа был таңда бынан 22 йыл элек үҙенең тәүге балаһын тыуҙырған мәлде хәтерләр. Бәлки, уйға ҡалыр. Бәлки, йылмайыр. Алыҫтағы улын күҙ алдына килтереп, бәлки, уның тәүге өнөн ишетер. Әсә йөрәге! Һинән дә матур йөрәк бармы һуң? Әсә! Кем һуң минең турала һинең кеүек шулай ҡайғырһын? Әсә өсөн минең бер кем булыуым да кәрәкмәй. Миңә инде 22 йәш! Күңелгә әллә нисек: мин яңғыҙмын. Уҡыйым да уҡыйым. Һуңғы ун көн эсендә мин үҙемде ун йыл йәшәгән кеүек тойҙом. Өс көн ашарға ла булманы. Тартырға ла юҡ. Ә шулай ҙа әгәр ҙә мин донъяла булмаһам? Ниндәй үкенес!.. Ярай әле, әсәй, мине тыуҙырғанһың. Ярай әле мин бармын! Әсәйем ҡулдары Мине тапҡан саҡта һиңә, әсәй, Ун ете йәш булған ни бары! Уйнап ҡына йөрөр саҡтарыңда Мине һөйгән һинең ҡулдарың. Әсәй! Яңғыҙың һин, белмәйһеңдер Алтын икәнлеген ҡулыңдың, Бөгөнгөләй күҙ алдымда һаман Башланыуы кескәй юлымдың. Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә. Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ Һөҙәк кенә тауҙың битендә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда Үҙең янып бирҙең салғымды. Тыуып килгән ҡыҙыл ҡояш нуры Үҙ салғымдан уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, Көлөмһөрәп минең һелтәүгә. Һәм маҡтаған булдың, дәртләндереп, Йүнле сампаһам да мин тәүҙә. Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин: — Тарыраҡ ал, – тинең, – алдыңды. Тартып ҡына өйөрөп сап шулай — Бер үләне ҡалмаҫ салғыңдың. Һыуҙай алып китте кескәй салғым — Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды. Ысыҡтары тамғас, мөлдөрәшеп, Улар илашҡандай тойолдо. Һин һоҡланып ҡарап тора инең Йәшел үләндәге эҙемә. Йылмайһаң да үҙең, һинең дә бит Йәш тулғайны, әсәй, күҙеңә. — Атайың да шулай саба ине... Был тиклем дә оҡшар икәнһең!.. Тик һин, атай, күрмәй был эҙҙәрҙе, Мәңге ҡайтмаҫ өсөн киткәйнең. Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы Кескәй генә хәҙмәт юлымдың. Әсәй! Ул саҡ белмәй инем әле Алтын икәнлеген ҡулыңдың. Ә бөгөн мин уны тағы ла нығыраҡ беләм. Бына тәүге әтәстәр ҙә ҡысҡыра. Мин дә 22 йыл элек бөтә донъяға, минең дә кеше булғым килә, тип ҡысҡырғанмын. Артыҡ яратам мин һине, йәшәү! Мин ысынлап та ҙур әсәнең – тыуған илдең улы булғым, унан яратылаһым килә. 13 февраль. Башҡа бер фекер килде. Шаблон тураһында мәҡәлә яҙырға. Миҫал өсөн Әкрәм Вәлиҙең М. Ғәли тураһында яҙған мәҡәләһен алырға. Шаблон – сәнғәт дошманы, ул традиция түгел. Традиция иҫке нигеҙендә яңыны тыуҙырыу, ә шаблон – үлергә мәле еткән ҡарттың меҫкен таяғы! Кеше ҡартайғас таяҡҡа тотона һәм һаҡланып ҡына үҙенә ҡурҡыныс булмаған урындан йөрөй. Вәлиҙәр шул таяҡҡа тотонған һәм йәштәргә лә шуның менәң йөрөргә ҡушалар. Әгәр ҙә был таяҡты тотмаһаң, һине шағир итеп танымайбыҙ, тип ҡурҡыталар. Ләкин был таяҡтың икенсе осо ла бар. Ул уҡыусыларҙың башына һуға. Быныһы бигерәк тә ҡурҡыныс. Тотош әҙәбиәткә тотҡарлыҡ. Был сысҡан ояһын хужаларса алып ырғытырға ваҡыт түгелме? 14 февраль. Бына яҡтырҙы ла инде. Бөтә тирә-яҡ күгелйем төҫкә сумған. Ваҡ ҡына ҡар яуа. Щедриндың «Господа Головлевы» китабын уҡып сыҡтым да үҙ-үҙемдән ҡурҡып көҙгөгә ҡараным. Кисә лә йоҡлай алмағайным. Ай ярым инде китаптан айырылғаным юҡ. Нисек түҙәмдер, аптырайым. Әллә мин берәй ауырыуға әйләндем микән? Улай тиһәң, көҙгөнән бер ниндәй ҙә ауырыу ҡарамай. Рәми әле көслө, ат кеүек! Их, һин, Рәми, Рәми! Конспекттарҙы уҡып ятҡанда, Рафаэль ҡайтып керҙе. Мин бик шатландым. «Ни эш бөтөрә өфөләр?» – тәүге һорау. Поэмаһын Союзда тикшергәндәр. Мостай Кәрим яҡшы кәңәштәр биргән. Марат Кәримов «Ленинсы»ла эшләй икән. 15 февраль. Кис Рафаэль менән тағы ла Өфө шағирҙары тураһында һөйләштек. Азат Абдуллин да килде. Сәй эстек. Ҡатыны /Разия/, ҡыҙы /Гүзәл/ тураһында һөйләштек. Бик ярата. 16 февраль. Надяны /Надежда Васильевна/ күрмәгәнгә байтаҡ булып китте. Имтихан тапшырғас ҡына барып сығырмын инде. Уның менән булған хәлдәр тураһында һуңынан иркенләп яҙырмын эле. Хәҙергә үҙем быны башҡа ла һыйҙыра алмайым. Күҙҙәре күҙ алдымдан китмәй! / 31 ғинуар, «Сорочинская ярмарка». Февраль төнө. Иҫ киткес!/ 23 февраль. Тапшырҙым! Өҫтән тау төшкән кеүек булды. Толстойҙың «Һуғыш һәм солох»ҡа тиклемге ижадын һәм Некрасовтың «Тимер юл»ын һөйләнем. Үҙемдән көтөлмәгәнсә ҡәнәғәтмен. 24 февраль. Мин хәҙер үлгәнсегә тиклем Горький менән бергә! Ул минең күҙҙәремде донъяға асты. Ул миңә иң беренсе кеше булып Кеше тураһында һөйләне. 7-се класта саҡта мин уның «Әҙәбиәт тураһында»ғы китабын табып, тәүге ҡабат әҙәбиәт, тормош һәм Кеше тураһында уйландым. Ул мине Өфөгә килтерҙе. Ул мине үҙенең институтына саҡырҙы. Бына дүртенсе йыл инде мин уның әҙәбиәт тураһындағы китаптарын эҙләп йөрөйөм. Ә бөгөн уның миңә иң кәрәкле, көн һайын кәңәшләшә, һөйләшә торған китаптары ҡулымда /23 – 27-се томдары!/. Горькийҙың 30 томын да табырға тейешмен. Бөгөнгө китап өсөн аҡса эҙләп йөрөү ғүмергә онотолмаҫ. Һорамаған кеше ҡалманы. Институттағы машинистка ҡотҡарҙы. Ярҙам кассаһынан аҡса алып бирҙе. Үҙен Ҙур театрға алып барырға тип уйлап ҡуйҙым. Белмәйем, нилектәң мин китаптар күрһәм шул тиклем аҡылдан яҙам?! Уларға мин тыныс ҡына ҡарай алмайым. Мин хәҙер үҙемдең тормошомдо уларҙан башҡа бер генә сәғәткә лә күҙ алдыма килтерә алмайым. Кеше аҡылы тыуҙырған иң бөйөк мөғжизә, ысынлап та, китап миңә. Горькийҙың китап тураһында фекерен, әйтерһең, мин донъяла иң тәрән аңлаған кеше! Кеше була алһам, ул һәйкәлде аҡ мәрмәрҙән китап итеп эшләһендәр һәм уға тик шул һүҙҙәрҙе генә яҙһындар ине: «Горький улы – шағир Рәми». Мин китаптар алып ҡайтҡас, Адар: — Вот разбойник! Вот кеше! – тип ҡысҡырҙы. Был миңә бик оҡшаны. Рафаэль, шаяртып: — Үҙең үлгәс, был китаптарың кемгә ҡала инде? – тине. Мин: — Горькийҙың бөтә томдары ла һиңә ҡаласаҡ! – тинем. Бик оҙаҡ фәлсәфә һаттыҡ. Горький кеүек белһәм ине мин кешеләрҙе. Горький кеүек яҙһам ине улар тураһында! Горький донъя яҙыусылары араһында кешенең иң ҙур, иң аҡыллы, иң ҙур йөрәкле дуҫы! Уны уҡып, үҫәһең, матурланаһың, үҙеңдең йәшәүеңде бик, бик кәрәкле итеп тояһың! Ә был тойоуһыҙ кеше булырға мөмкин түгел. Тормошта кеше булып йәшәү генә кешенең иң ҙур матурлығы! Мин инде күпме яҙыусыларҙы уҡыным. Ләкин Горький уларҙың бөтәһенән дә ҙур! Горький иң ҡатмарлы кешеләрҙе аңлау өсөн дә иң кәрәкле кеше. Блокты ла Горькийса аңланым мин хәҙер. Ул минең өсөн тағы ла тәрәнерәк, матурыраҡ. Блоктың көсһөҙлөгөнөң сәбәптәрен асығыраҡ күрҙем. Бер кем дә Блокты Горький кеүек ябай аңлатмай. Рафаэлгә Блок оҡшамай. Ә Горькийҙы уҡыһа – оҡшаясаҡ. Горькийҙы ла ул әле тойоп етмәй. Мин уға Горькийҙың Толстой тураһындағы мәҡәләләрен уҡырға биргәйнем, ул һаман да әле уҡып ҡарамай. Әлегә өндәшмәй торам. Ҡыҙыҡһыныу тураһында бик нығытып һөйләшергә кәрәк әле. Бөтә нәмәне тәрәнерәк белергә тырышыу менән ағыуланыуһыҙ кешенең тәрәнлеген тойоп буламы һуң инде?! Рафаэлдең Горькийға һалҡынлығы ваҡытлыса ғыналыр. Поэмаһының иң кәрәкле урынын алып китә алмай йөрөй әле. Ә Горькийҙы мин уның тормошона ла индерәсәкмен! 15 март. Бына мин тағы Мәскәүҙә! Өфөнән 14 мартта килеп төштөм. Өфөлә үткәрелгән көндәр бер ауыр төш кеүек. Ялған дуҫың оҡшаш күләгәгә. Ҡояш булһа, ҡалмаҫ артыңдан. Әгәр инде көнөң болот булһа, Юғалыр ул өнһөҙ алдыңдан! Әле лә үҙемде ауырыу итеп тоям. Шулай ҙа китапты редактор ҡулына тапшырҙым. Редактор Сәләх Кулибай булыр, ахыры. Ғәйнан ағай ныҡ үпкәләп ҡалды булһа кәрәк. Минең менән һөйләшеп тә торманы. Ибраһим Абдуллин менән бик ҡаты бәрелешеп алдыҡ Мөбәрәков менән Йәнбулатова алдында. Юлда Асанбай менән осранылар. Имеш, мин бик тыйнаҡһыҙ, еүеш танау! Ә ул – әҙәбиәттә алла! Хәким Ғиләжев ағай – һаман элеккесә. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Яҙһа, яҙа ла ала. Үҙенән бәләкәйҙәргә лә тиң ҡарай. Ҡустыһы Абдулла Ғиләжевтың улы бар – Илдар. Китапты бүлектәргә бүлеп торманым. Шиғырҙар нисек, ҡасан яҙылған, шулай урынлаштырҙым. 16 март. Һағындым һеҙҙе, китаптарым! Тағы Блокка тотондом. Блок проходит мимо Ленина. Он не слышит «музыки» в речах Ленина. Ему, напротив, кажется, что большевики – это какой-то поплавок на поверхности разбушевавшихся народных масс, а Ленин и его разумность, очевидно, казались Блоку лишь порожением того же интеллигентского разума, который хочет сделать прививку своих программных зятей к великому, внезапно выросшему... дереву, родившемуся из недр народа. 17 март. Чернышевский үҙенең сәнғәттең ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәте тураһындағы диссертацияһын яҙғанда инде танылған тәнҡитсе була. Уның тирәһендә ҙур көрәш башлана. Сөнки был диссертация политика, философия, эстетика мәсьәләләрен күтәрә. «Прекрасное есть жизнь» – төп тезис. Прекрасное һүҙен ул матур мәғәнәһендә генә алмай. Һәр кеше матурлыҡ эҙләй. Ә ул – тормошта. Етмәһә, уны яуларға кәрәк! Тормош матур булырға тейеш. Чернышевский тормош тураһында уның киләсәген күҙ алдына килтереп фекер йөрөтә. Идеал тормош менән билдәләнә. Эш, көс, таҙалыҡ – крәҫтиән идеалы. Ул Некрасов ижадында матур бирелә. Улар – Чернышевский һәм Некрасов – бик яҡындар. Сәнғәт – һауын һыйыр түгел /Герцен/. Маркс, Энгельс трагедия жанрына – тарихи ҡотолғоһоҙлоҡ тип ҡарайҙар. Трагедия тарихи ихтыяждан тыуа. Осраҡлылыҡтан трагедия тыумай: ҡыҙыҡай мәктәпкә бара, трамвай аҫтына эләгә – был шәхси һәләкәт. Есенин шиғырындағы поезд артынан сапҡан ҡолон – был трагедия. Трагедияны ижтимағи мөнәсәбәттәрҙән сығып эҙләргә кәрәк. Чернышевский беренсе булып трагедиялар булмай торған ижтимағи мөнәсәбәттәр тураһында әйтә. Ә Чернышевскийҙың үҙенең бөтә тормошо – иң ҙур трагедия. Лирик шағир үҙе кисергән нәмәне генә түгел, ә башҡалар кисереүе мөмкин булған нәмәне биреүе менән көслө. Хыял, күҙаллау фекерҙе тултыра. Яңы эстәлек яңы форма талап итә. Тамара мине төшөндә күргән. Ҡурҡыныс төш. Көсләп һөйләттерҙем: оккупация, немецтар... Мин йылмаям. Мине Тамара поезд тәгәрмәстәренән тапатып үлтерә. Төндә шиғыр яҙҙым. * * * Төшөмдә мин үлгәнмен дә, имеш, Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың. Яратыуҙан янып һүнгәнемде Шунда ғына аңлай башлайһың. Һин ташлаған бер ус дымлы тупраҡ Утлы сәскә булып атһа ла, Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең Һуғарырға уны аҡһа ла, Бик һуң инде, бик һуңланың, иркәм: Һыу бирергә кәрәк һыуһағас! Ваҡытында кәрәк мөхәббәтең. Нәфрәтең да өтә – һуңлағас... Мин бөтөнләй элекке Рәми түгел... Әгәр ҙә һәр кеше үҙенең тормошон бөтә дөрөҫлөгө менән яҙа алһа, был китаптар ни тиклем ҡыҙыҡлы булыр ине! Донъяла күпме кеше бар, уларҙың һәр береһенең тормошо үҙенсә, үҙ төҫө бар. Мин үҙемдең тормошома ла ингән һәр бер яңы кешене күреп ғәжәпләнәм, аптырайым, яратам, нәфрәтләнәм. Ниңә барыһын да йөрәккә яҡын алам икән мин? Ниңә тыныс ҡына була алмайым? 18 март. Миҙхәт Ғәйнуллин ағайҙан Рафаэль менән барып аҡса алдыҡ та яҡшылап ашаныҡ, һыра эстек, кино ҡараныҡ. Аҙыраҡ еңел булып ҡалды. Кис ҡайтып килгәндә, ҡыш көнөндә, йәйғор күрҙек. Ай шаңдағы болоттар менән киҫешкән урында ике яҡта ла бәләкәй генә йәйғор нуры күренә ине. Ғәжәп! 19 март. Халыҡ – ижад итеүсе. Халыҡ – иң ҙур шағир, иң ҙур йырсы. Нимә генә тыуҙырмай һуң халыҡ? Барыһын да! Халыҡ өмөтө – иң ҙурыһы. «Салауат» поэмаһында халыҡ образын шулай бирергә кәрәк. Уның бөтә ҡараңғы, әрнеүле, ғазаплы тормошон күрһәтеү менән бергә, ҙурлығын да бирергә! Натурализм эстетикаһы. Натурализмдың ике варианты бар. Береһе – бөтә тормош факттарын бер нисек тә һайлап, баһалап тормайынса күрһәтергә кәрәк, ти. Был сәнғәт ҡанундарына бөтөнләй ҡаршы килә. Икенсе төркөм һайлау ихтыяжын таный. Тәбиғәтте, тормошто нисек бар, шулай сағылдырыу тураһында әле Дидро әйтә. Уныңса, тәбиғәттә дөрөҫ булмаған бер ни ҙә юҡ. Чернышевскийҙың диссертацияһын бик ныҡ хәтерләтә был. Ул да, Дидро ла факттарҙы һайлау һәм баһалауға бик ныҡ иғтибар итә. Улар тәбиғәт һәм ысынбарлыҡтың кәрәкле яҡтарын һайлап күрһәтеү яғында тора, натурализм методына ҡаршы сығалар. Сәнғәт дөрөҫлөгө натуранан ҙурыраҡ, тәрәнерәк, тығыҙыраҡ. Сөнки унда булған ғына түгел, булырға мөмкин нәмә лә күрһәтелә. Дидро Аристотелдең был фекеренә ҡушыла. Бальзак Дидро идеяларына ҡушылып, уға бик ҙур баһа бирә, үҙенең ижадында шуның өсөн дә реалистик һүрәтләүҙә иң тәрән характерҙарҙы биреүгә өлгәшә. Тәбиғәт китапҡа мохтаж түгел! Уны күсереүҙең сәнғәт менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ, ти Бальзак. Деталдәрҙе дөрөҫ күсереү, әгәр ҙә бөтөн бер дөрөҫлөктө күрһәтеүгә ярҙам итмәһә, уның бер кәрәге лә юҡ, тигән фекерҙе Лев Толстой ҙа әйтә. Толстой деталде фекер әйтеү, тойғо-кисерештәрҙе биреү өсөн генә ҡуллана. Тәбиғәтте сәнғәт образдар, фән төшөнсәләре аша сағылдыра. Сәнғәт әҫәре әле яҡшылап күренмәгән, ләкин киләсәктә бик асыҡ күренәсәк тормошто ҙурайтып күрһәтергә тейеш. Натуралист предметҡа фетиш итеп ҡарай, уға табына, үҙгәртергә теләмәй. Ә үҙгәртергә кәрәк. «Возвышаться над действительностью!» – тигән лозунг ҡуя Горький һәм «факттар әҙәбиәтенә» ҡаршы көрәшә. Литературный факт – факт типизированный. 23 март. Башҡортостан тыуған көн. Рәйес Низамов килеп ҡотланы. 26 март. Кисә Рафаэлдең поэмаһын Миҙхәт ағайҙарға барып уҡыныҡ. Әле исеме лә юҡ. Ләкин поэма бар. Бындай әйберҙе һуңғы ваҡытта бер кемдең дә яҙғаны юҡ. Уның нисек тыуыуын мин генә яҡшы беләм. Ул бер шиғыр ғына ине. Йәй уны миңә Йыланлыла үҙҙәренең лапаҫтары башында ятҡанда уҡыны. Шунан бирле ул үҫте лә үҫте. Миңә уның һәр юлы башынан аҙағына тиклем таныш. Бер генә юл да кисерешһеҙ, яныуһыҙ, эҙләнеүһеҙ яҙылманы. Мин Рафаэлгә һәр саҡ ҡаты булдым, ләкин уның һәр юлына эстән генә шатландым. Мин уның былай үҫеүенә дүрт йыл элек бөтөнләй ышанмай инем. Ә кисә ул минең күҙ алдымда тамам шағир булып тыуып етте. Поэманы кисә күптәр аңланы, ләкин тойоп еткермәне. Ә поэма миңә аңлашылмауҙан бигерәк, тойолорлоҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Йәштәр бындай тел менән әле яҙмай. Ул халыҡсан, ябай, матур, мәғәнәле. Теле өсөн генә лә рәхәтләнеп тыңланым! Ә был көс түгелме инде! Әгәр ҙә Рафаэль туҡтамаһа, шул урындан артҡа сигенмәһә, ул ысын шағирҙың тәүге матур, яҡты, өмөтлө аҙымын баҫты. Әле ул бына йоҡлап ята. Үҙенең мин аңлаған шағир икәнлеген дә белмәй әле ул. Уны һаҡларға, үҫтерергә кәрәк /күңелем тула/. Үҙенә тейешенсә ҡарай белһен һәм иҫермәһен. Иҫерҙеңме – бөттөң. Башҡаса үҫеп булмай. Мин тик шуның өсөн ҡурҡам. Әле мин үҙем «Салауат»ты яҙмайынса шағир түгел. Күңелем, хыялдарым, уйҙарым менән генә, бәлки, шағирмындыр. Тормошто һәм әҙәбиәтте Рафаэлдән күберәк беләм. Белемем дә тәрәнерәк. Ләкин мин шағир түгел әле. Ул – шағир! 30 март. Маратҡа институтҡа килеү тураһында хат яҙҙым. Юҡһа, уны ЦКШ-ҡа инергә димләйҙәр. Нисек тә күндерергә кәрәк. Рафаэль дә яҙҙы. Киләсәктә үҙебеҙҙең ныҡлы әҙәби коллективты булдырыу тураһында ла һөйләнем. Сергей ЕСЕНИН «Крәҫтиән шағирҙары» тип үҙҙәрен-үҙҙәре атап йөрөгән шағирҙар заманында күп була. Ләкин улар онотолған. Есенин Клюев менән танышҡас, бик аптырай. Уның крәҫтиән кейеме кейеүе лә ғәжәпләндерә. Ул аҡ ҡайылған күлдәк кейә, шиғырҙарын йырлап уҡый. Есенин уға оҡшарға тырыша һәм уға бер экзотика итеп ҡарай. 1926 йылда Есениндың тәүге йыйынтығы сыға. Әлбиттә, был тулы йыйынтыҡ түгел. Сөнки уның «Гуляй поле» поэмаһы – контрреволюцион әҫәр. Есениндың яҡшы шиғырҙары 1946 йыл һәм 1952 йылғы йыйынтығында сыҡты. Есенин үҙенең автобиографияһын үлерҙән бер йыл алда яҙа. Ике Сергей Есенин бар. Тәүгеһе – кабак шағиры. Ауырыу, йонсоу. Коммунизм эпохаһының дошманы. Хулиган, бандит шиғырҙары яҙыусы – богема ҡалдығы: патриархаль кулак ауылының һуңғы йырсыһы. Бындай Есенин үҙенән һуң есенинщинаны ҡалдырҙы. Бар икенсе Есенин. Донъяға ғәҙәттән тыш ғашиҡ булған, бөтә тереклекте һөйгән, тәбиғәткә иң матур йырҙар йырлаған шағир. 1925 йылды инде Есенин сырайына тупраҡ төҫө кергән оятһыҙ бер эскесе. Тарҡалған. Күҙ ҡабаҡтары һалынып төшкән. Физик матурлығын юғалтҡан. Үлемде йырлай. Есениндың фажиғәһе – совет эпохаһында үҙенең ят булыуын тойоуҙа. «Әсәй – Рәсәй» «Совет Башҡортостаны»нда баҫылған /15/III /. Ғариф Ғүмәр һәм Ғәфәр Вәлиуллин шиғырҙары менән бергә. Гонорарын бөгөн генә алдым. Маратҡа һәм Рафаэлгә Горькийҙың «О литературе» китабын эҙләп сығып киттем. Яҙыусылар лавкаһынан башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Ә ул ябылғайны инде. Арып, асығып бөттөм. Етмәһә, һул яңаҡҡа йоҙроҡтай шешек сыҡҡан. Бөтә Мәскәү минең мөгөҙгә ҡарай кеүек. Кисә Учалыға Мәүлиҙәгә ул көткән шиғырҙарҙы ебәрҙем. Рафаэлгә «Йүрүҙән ҡыҙы»н уҡыным. Мәүлиҙә менән ете йыл үткәс күрешеү көнөнә яҙғайным. Рафаэль оҡшатты. 31 март. Кисә /30/III/ Маяковскийҙың әсәһе үлгән. «Правда»ла белдереүҙе уҡыным да, баҫҡысҡа һөйәлеп тартып торһам, Евтушенко күтәрелеп килә. Бер әзербайжан егете уға: — Бына һин Маяковскийҙың әсәһе тураһында шиғыр яҙғанһың да, ә ул үлгән. Шатлыҡтан үлгәндер инде, – тине. Евтушенко башта көлөмһөрәп торҙо ла: — Дурак! – тип тыныс ҡына үтеп китте. «Дурак» тинем мин дә эстән генә. Рафаэль Ленин китапханаһында «Йәш төҙөүсе» газетаһының 1935, 1936 йылғы һандарын аҡтарып ҡайтты. Мәлих Харистың шиғырҙарын тапмаған. Мостай Кәримдең тәүге шиғырҙарынан көлөштөк. — Мостай Кәрим дә шағир булып тыумаған икән дә! 1 апрель. Рафаэль поэмаһын «Әсә йөрәге» тип атаны. Мостай Кәримгә ебәрергә булдыҡ. 7 апрель. Мәүлиҙәнән хат алдым да лекцияны тыңлай алмайынса уйланып ултырҙым. Минең балалығым тороп ҡалған Миәс тураһында яҙған. Бүлмәгә ҡайтҡас та Чернышевскийҙың көндәлектәрен уҡырға тотондом. Мин уларҙы мәктәптә саҡта уҡ уҡып иҫергәйнем, ә хәҙер тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Чернышевский – минең үҙ тормошомдо ойоштороуға иң беренсе һәм иң ныҡ тәьҫир иткән яҙыусы. Мәктәп йылдары унһыҙ булһа, мин бик күп нәмәне юғалтҡан булыр инем. Бына Рафаэль театрҙан асығып ҡайтыр. Уға сәй ҡайнатырға ла ваҡытты йәлләйем. Шулай ҙа ҡайнатып ҡуйҙым. Төнө буйы уҡыясаҡмын. 8 апрель. Яҡтырғас ҡына йоҡларға яттым. Рафаэль шунда уҡ уятып та өлгөрҙө. — Лекцияңды ҡалдырма! Тороп тышҡа сыҡтым. Ҡояш! Яҡты! Ҡайындарҙың олоно ап-аҡ. Зарядка эшләп, турникта атылдым. Ашау тураһында ике көн инде уйламаныҡ. Рафаэль дә, мин дә туҡбыҙ тиерлек. Ашханала Азат Абдуллин ултыра ине. Ул бер ҡыш үҙенең иптәш малайҙары менән ҡыр кәзәһе атып алыуын һөйләне. Ауылдарында /Үргендә/ ике ҡарт һунарсы был малайҙарҙан көнләшә икән. Ҡыр кәзәһен атыу тыйылған саҡ булған. Теге ҡарттар районға шылтыратҡан, 150-шәр һум штраф һалғандар. Азат һунар тураһында һөйләп китте. Ә мин һунарсыларҙы тыңларға яратам. 8 апрель. Рафаэль менән Нина Акимовнаға киттек. Шатланып ҡаршы алды, һыйланы, носкиҙарҙы алмаштырҙы. Вера Инберҙың «Минуты слабости» шиғырын уҡып маҡтаны. Ләкин мин уны, яҡшы түгел, тинем. Үҙеңдең ғазабың менән ҡыланыу шиғриәт түгел. Ҡайтырға сыҡҡанда, мин Нина Акимовнаға хат яҙасағым тураһында әйттем. Башынан үткәндәрен минең өсөн яҙа башлауын үтенәсәкмен. Юҡһа, мин уның һөйләгәндәрен яҙып бара алманым. Ә ул иҫ киткес бай тормошло, ғәҙәттән тыш күҙәтеүсән. Авиация тормошон, Ҡырым тәбиғәтен, граждандар һуғышы осорон яҡшы белә. Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостанда эвакуацияла булған. Хушлашып урамға сыҡҡас: — Аяҡҡа ниндәй рәхәт! – тине Рафаэль. Нина Акимовнаның был әсәлек хәстәрлеге, бәлки, йылдар үткәс, онотолор ҙа. Ә минең рус ҡатынының шундай матурлығы тураһында яҙғым килә. Йылы, тәрән, киң итеп! 9 апрель. Бик көтөлгән хат килде. Нәшриәттән! Мин бик шат! 10 апрель. Сәләх Кулибайҙың һәм Баязит Бикбайҙың минең «Йүрүҙән» китабына фекерҙәрен аҙаҡ яҙырмын инде. Рафаэлгә лә, Рәйескә лә уҡыттым рецензияны. Баязит Бикбай мине, ашыға, ти. Ә мин һуңлайым кеүек. Рецензия мине тар-мар итһә лә, бик шатландым. Асыуҙан шатландым. Алда ҙур эш торғанға шатландым. Ә уларҙың шундай ғәмһеҙлегенә аптырарға ғына кәрәк. Халтура! Күрһәтермен әле мин һеҙгә! Ә тышта ғәжәп! Ап-аҡ ҡар яуған. Бер-ике сәғәт эсендә! Бына һиңә яҙ! «Рифҡәт! Күңелһеҙ хат яҙам һиңә. Бына һинең менән хушлашҡанға ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Бәлки, минән хат көтмәйһеңдер ҙә инде. Беҙҙең нисек хушлашҡанды онотмағанһыңдыр. Өфөнән мин бер ҡасан да шундай ауыр уйҙар менән киткәнем юҡ ине... Бөтәһен дә күҙ алдынан юғалтыр өсөн мин тәүге ҡабат яңғыҙ ғына иҫерҙем! Поезд һуңлап килергә тейеш ине. Мин үҙемде шул тиклем яңғыҙ һиҙҙем – үкереп илағы килде. Ләкин мин илай алманым. Сөнки мин үҙемдең көсөмә ышанам. Һәм минең көсһөҙ булғаным да юҡ. Кешеләрҙең ниндәй ваҡытта ла кешелеген һаҡлап ҡалыуы иң ҙур матурлығы кеүек. Ысынлап та шулай, Рифҡәт. Донъяла бөтә нәмәңде – иң яҡын кешеләреңде, дуҫтарыңды, иң яҡты тойғоларыңды, мөхәббәтеңде юғалтырға мөмкин, ләкин үҙеңдең кешелегеңде юғалтыу мөмкин түгел. Мин Өфөгә ҡайтыр алдынан ике ай буйы бер туҡтауһыҙ уҡып, бик-бик арығайным. Бер ҡасан да шулай күп эшләгәнем булманы. Күп көндәр асығып үтте. Ҡайтҡанда ла ас ҡайттым. Ярай, быға мин инде күнеккәнмен. Өфөлә – тағы ла... һеҙгә барғанда ғына үҙемде иркенерәк тойҙом. Рәхмәт һиңә лә, Сәғиткә лә, Рауилгә лә/тик ул минең сәғәтте генә һатманы/». 11 апрель. Туҡта, нимәгә һуң мин Рифҡәткә бындай хат яҙырға булдым? Үҙемде йәлләтергәме? Өфөлә үткәргән көндәремде үҙем белгән етмәгәнме? Кәрәкмәй! Икенсе хат яҙырға кәрәк. Кәлимәнең хатын алдым. Күҙ алдымда хәҙер тик ул ғына. Мин шул тиклем дәртле, ҡанатлы! Миңә бөтә кешеләр ҙә шундай яғымлы, миңә шундай яҡты! Урамда йомшаҡ ҡар яуа. Ул да миңә йылы. Белмәйем, ни өсөн мин уның хаттарына шул тиклем шатланам? Был турала уның үҙенә лә әйткем килә, ләкин кәрәкмәй. Беҙ дуҫтар ғына! Ә башҡа мөнәсәбәт булырға тейеш түгел. Кисә институттан ҡайтып килгәндә Надяны осраттым. Мин ашығып килә инем. Йәшел пальто кейгән. Бер ҡыҙ бала күтәргән. Башта мин уны Надяға оҡшаған ҡыҙ тиһәм, ул үҙе булып сыҡты. Мин уның бала күтәреүен нисектер бик ҡыҙыҡ күрҙем. Аҙаҡ шатланып киттем. Күрештек. Бала күк күҙле, алты айлыҡ, бик матур. — Был ниндәй бала? — Минең үҙемдеке! – тине Надя, миңә һынаулы ҡарап. Уның ҙур ҡара куҙҙәрендә миңә ҡарата үпкә лә бар ине. — Ниңә һин, Рәми, өндәшмәйсә генә йылмаяһың икән? – тине Надя. Ә мин эстән генә шул йылмайыуым өсөн үҙемде үҙем әрләп бөтә алмай тора инем. Тыйыла алмайым да ҡуям. Арттан Надяның апаһы ла ҡыуып етте. Бала уныҡы икән. Надя мине уның менән таныштырҙы. — Галя, – тине. Мин: – Рәми, – тигәс, ул да ҡабатланы. Галя, ахыры, минең турала ишеткән. «Шул икән» тигән һымаҡ йылмайып ҡарап ҡуйҙы. Беҙ Надя менән бергә ултырҙыҡ та мин Паустовскийҙың Тарас Шевченко тураһында яҙған бәләкәй генә китабын уҡыным. Ләкин Надя ҡарап ултырғанда уҡып булманы. — Мә, үҙең уҡы, – тип уға китапты бирҙем. Баланың исемен һорағанда, Надя: — «Татьяной назвалась она» тип, «Евгений Онегин» юлдарын ҡабатланы. Таня! Ниндәй матур исем! Баланың үҙе кеүек. Мин уға шундай яратып ҡараһам да, ул минән ҡурҡҡан кеүек. Мин хатта ҡабат уға бағырға ла уңайһыҙландым... Бүлмәгә ҡайтҡас, Рафаэль миңә Мәлих Харистың Лермонтовтан «Ҡасҡын» тәржемәһен маҡтап бөтә алманы. Ә мин Мостай Кәрим менән Сәләх Кулибайҙың «Мцыри»ҙы тәржемә итеүҙәрен әйттем. Хөрт. М. Кәрим эшенә һис тә оҡшамаған, тинем. Шунан һуң Сүриәнең «Ебәрелмәгән хаттар»ын уҡып сыҡҡандан һуң, уға хат яҙырға ултырҙым. «Сүриә! Теге төндә һинең менән Өфө буйлап һөйләшеп йөрөгәндән һуң да, һинең «Ебәрелмәгән хаттарың»ды уҡып сыҡҡандан һуң да һөйләйһе һүҙҙәр күп. Ләкин бер ҙә иркенләп ултыра алмайым. Өфөнән бик күңелһеҙ, ауыр уйҙар менән ҡайттым. Бигерәк тә үҙебеҙҙең яҙыусылар менән һөйләшкәндән һуң. Һин әйткәнсә, бер ағас ҡына булып йәшәһәң, әлбиттә, бер ни ҙә булмаҫ ине. Хаттарыңды поезда уҡыным. Бөтәһен дә аңланым булһа кәрәк. Ярай әле уларҙы, көсләшеп булһа ла, алғанмын үҙеңдән! Тик шулай ҙа дуҫыңа ышанмауың өсөн ғәрләндем бер аҙ, Сүриә. Мин бит һинән бер нәмәне лә йәшермәйем. Хатта кәрәкмәгәнен дә һөйләгәнмендер. Сөнки мин һиңә бөтә йөрәктән ышанам. Әгәр ҙә мин һиңә ҡарата киҫкенерәк, ваҡһыуыраҡ булһам, һине яҡын күреүҙән генә. Беҙ дуҫтар булып ҡаласаҡбыҙ. Әлбиттә, алдағы көндө белеп булмай. Төрлөсә үҙгәрергә мөмкинбеҙ. Һәр хәлдә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышырбыҙ. Шулай ҙа тормоштоң үҙ һүҙе бар. Берәүҙәр өйләнгәс үк үҙҙәренең дуҫлыҡтарын да, йәшлектәрен дә онота. Тормош баҫылған кешеләрҙе баҫа. Тик мин үҙемде улай итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Сүриә, һин артыҡ кисереүсән. Был яҡтан беҙ оҡшағанбыҙ. Тормошобоҙ ҙа оҡшашыраҡ. Тик мин уның ауырлығын да, матурлығын да иртәрәк татыным. Сүриә, һин миңә Марият тураһында күп әйтәһең. Нисек итеп мин уға элекке ҡарашта ғына тороп ҡала алам? Һүҙ ҙә юҡ – ул яҡшы күңелле, матур, аҡыллы. Ләкин миңә был ғына етәме һуң? Мин бит ҙур уртаҡлыҡ теләйем. Миңә ул тормош өсөн кәрәк. Уның мине бик ныҡ аңлауы кәрәк. Мөхәббәте кәрәк уның миңә. Ләкин, мин уны күрҙемме һуң? Ул, ысынлап та, минең ғүмерлек дуҫым була аламы һуң? Минең тик мөхәббәт өсөн генә йәшәгем килмәй. Ә инәлергә, түбәнһенергә мин булдыра алмайым. Уның ҡыҙғаныуы ла кәрәкмәй. Үҙемә үҙем баһа бирә алырлыҡмын. Ә ғорурлыҡ хатта артығыраҡ та шикелле миндә. Миңә уның өсөн үҙемде бөтөнләй юҡ итергә йыйыныуымдан саҡ тороп ҡалғаным да еткән. Ул көн инде артта. Минең тормошҡа, эшкә булған мөхәббәтем көслөрәк. Мин үҙемдең рухым, күңелем менән хәйерсе түгел!.. Ләкин мин әле өмөт өҙгәнем юҡ. Ул өмөт инде һигеҙ йыл буйы йәшәй. Унан айырылыу миңә бик ауыр. Һаман да уға ышанғым килә. Ә ваҡыт көтөп тормай. Етмәһә, мин оҙаҡ йәшәй ҙә алмам. Мин үҙ ғүмеремде шиғырҙарымда ғына түгел, эшләгән эшемдә генә түгел, балаларымда ла күргем килә. Мин хәҙер үҙемдә аталыҡ хисен тоям. Минең менән бөтә шатлығын, ҡайғыһын, тормошон, мөхәббәтен уртаҡлаша алған дуҫ-юлдашым уларҙың әсәһе лә булырға тейеш. Һәм мин үҙемдең тик уға ғына булыуымды теләйем. «Мариятты онотаһың» тиһең, Сүриә. Беҙ, бәлки, бергә лә булмабыҙ. Ләкин, оноторға теләгәндә лә, уны онота алмам инде. Минең иң яҡты тойғоларым, хыялдарым яуапһыҙ ҡалһа ла, ул һәр саҡ йөрәктә утлы миң булып ҡалыр, ахыры. Мин, әлбиттә, башҡаса шундай аҡылһыҙ, шундай эскерһеҙ, шундай көслө итеп ярата алмам. Тәүге тойғолар – кешегә иң ҡәҙерле тойғолор... Ғөмүмән, кешеләргә бәхет һуңлап килеүсән. Ә Рафаэль тураһында ни әйтәйем. Ул да шулайыраҡ. Яратҡан ҡыҙы тормошта инде хәҙер. Бер уйлап ҡарағанда көлкө: һине яратмағанды һөйәһең, һине һөйгәнде яратмайһың! Шулай ҙа йәшәү яҡшы! Йәшәргә, янырға кәрәк! Бүлмәгеҙгә, бигерәк тә мине бәрәңге менән һыйлаған ҡыҙҙарға, Кәлимәгә күп сәләм». 13 апрель. Тәржемә тураһында: Тәржемә теүәл булырға тейеш түгел, ул дөрөҫ булырға тейеш. Әгәр ҙә тәржемәләр рус телендәге шиғыр булмаһа, мин уларҙы яҡшы тип тапмайым. Улар үҙ аллы, рус телендәге кеүек булһын. Ҡайһы бер деталдәрҙе ҡорбан итергә лә мөмкин. Дөрөҫлөк өсөн. Образдарҙы ла үҙеңә табырға мөмкин. Ләкин ул образ шул уҡ фекерҙе биреү өсөн кәрәк. Тәржемә итеү ҡайһы берҙә үҙенсәлекле шиғыр яҙыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Нөсхәнең стилистик ауынан ҡотолорға кәрәк. Тел үҙеңсә булырға тейеш. Нөсхә конструкцияһы һиҙелһә, был тәржемәне һәләк итә. Идиомаларҙы тәржемә итергә тырышыу – мәғәнәһеҙ. Үҙ телендәге ҡулланыштарҙы файҙаланырға кәрәк. Нөсхәнең ҡоло булыу үҙендәге шағирҙы һәләк итә. Һин ижад итергә тейешһең. Ләкин нөсхәнең үҙенсәлеген, колоритын, буяуҙарын һаҡларға кәрәк. Ошонда инде тәржемәсенең таланты. Һүҙҙәрҙе һайлай белеү нөсхәнең рухына инеүҙән генә булырға мөмкин. Гейнены подстрочниктан тәржемә итеү мөмкин түгел. Ул подстрочникта – пошлятина, гениаль шағир түгел. Тәржемәсе шағир булһа, нөсхәгә яҡыныраҡ. Тәржемәсе эше ғәҙәттән тыш ауыр, ижади эш. Ул бик белемле булырға тейеш. Бәлки хатта авторҙың үҙенән дә белемлерәк булыу шарттыр. Тәбиғәтте, тәбиғәт белемдәрен өйрәнеү бик күп нәмә биреүе мөмкин. Ә тормошто белеү мотлаҡ. Ике генә сәғәт йоҡланым. Төнө буйы Сәләх Кулибайға һәм Рәмиә Дәүләтова тигән ҡыҙыҡ ҡыҙыҡайға хат яҙҙым. 14 апрель. Иртә менән институтҡа килгәс, Рафаэль минең Сәләх Кулибайға яҙған хатты уҡыны ла һаҡ булырға ҡушты. — Был турала яҙып тороу бер нисек тә уларға тәьҫир итмәйәсәк. Хатта мин үҙемдең «Йүрүҙән» тураһында, уға ҡарата Баязит Бикбайҙың рецензияһы һәм Сәләмдең «Шоңҡар» поэмаһы тураһында яҙғайным. — Былай киҫкен булыу һиңә бер ни ҙә килтермәйәсәк. Сәләх Кулибайҙың бит һин уға шул тиклем ихлас яҙырлыҡмы, түгелме икәнлеген белмәйһең. Ул, бәлки, Баязит Бикбайға бик яҡындыр. Ә Сәләмгә ҡарата уны бик кире ҡарашта тиҙәр. Сәләмде ул һис тә яратмай, ти. Бәлки, «Шоңҡар»ҙы Сәләмдең йыйынтығына индермәүҙә ул иң беренсе үҙе тырышҡандыр. Сәләм уны яратмаған. Ғөмүмән, Сәләмгә бик күп кешеләр асыу һаҡлап йөрөй бит. Иҫеңдәме, былтыр Переделкинола йыйылышып ултырғанда, Ғабдулла ағай нимә тине? — Нимә тине һуң? Мин хәтерләмәйем. — Белеп ҡуйығыҙ: иң оло ағайығыҙ ҙа Сәләм тураһында һөйләүҙе яратмай. Булғандыр инде шунда берәй нәмә... Рафаэль әйткәс кенә Ғабдулла ағайҙың һүҙҙәре иҫкә төштө. Ысынлап та, ул был хаҡта әйткәйне шул. Әхнәф Кирәй ағай ҙа бар ине. Рафаэль менән мин был хаҡта метронан сығып, троллейбусҡа ултырғас та һөйләштек. Яҙылған хатты ебәрмәҫкә булдым. Ләкин был миңә бик ҡыйын. Нисек инде, дөрөҫлөктө күрә тороп, өндәшмәйенсә ҡалырға? Сәләх Кулибайҙың хатын, Бикбай ағайҙың рецензияһын алғандан бирле мин был хаҡта ныҡ уйланым. 15 апрель. — Бөгөн Маяковский үлгән көн, – тип башланы үҙенең лекцияһын Павел Иванович Новицкий. Нисек итеп шул тиклем ҙур шағир үҙен-үҙе үлтерә? Маяковский үлгәндән һуң РАПП сығарған китап бар. Маяковский үлемен ялған аңлата торған китап! «Любовная лодка разбилась о быт». Маяковскийҙың был һүҙҙәрен РАПП-сылар бөтә халыҡҡа ялған рәүештә тарата. Маяковский үҙенең бәләкәй мөхәббәте өсөн үлде, тиҙәр. Ялған! Маяковский үҙенең ҡеүәтен, көсөн агитка һәм плакатҡа бирҙе, тиҙәр. Ялған! Маяковский – бөйөк сатирик! Улар Маяковскийҙың «Ленин» поэмаһын бөтөнләй телгә лә алмай. Был мөмкин булмаған күренеш. Ләкин РАПП-сылар быны мөмкин итте. РАПП секретариаты Маяковскийҙы наҙанлыҡта һәм буржуаз индивидуализмда ғәйепләне. Был – Маяковскийға тулыһынса яла яғыу документы. Маяковскийҙы һәләк иттеләр, ул үҙен-үҙе үлтермәй. Маяковскийҙы шағирға иҫәпләмәнеләр, совет халҡынан айырылған бунтарь интеллигент итеп ҡаранылар, был уның тураһында Авербах кеүек һатлыҡ йәндәр таратҡан яла ине. Институтта диплом яҡлау башлана бөгөн. Тыңларға кәрәк. Алдағы йылда беҙҙең курс та, диплом, диплом, тип йөрөр. Күңел ышанмай хатта. Лекциянан һуң Буниндың шиғырҙарын уҡыным. Тәүге ҡабат. Быға тиклем әле уны ҡулыма ла тотоп ҡарағаным юҡ ине. Китапты астым да нишләптер «Родина» шиғырын уҡыным. Башҡаларҙы ла уҡығым килде. Вася Шкаевтан уның ниндәй шиғырын яратыуын һораным. Ул ошо шиғырҙы әйтте. «Иң талантлы шиғыры», – тине. Мин уны тағы уҡып сыҡтым да дәфтәремә күсереп ҡуйҙым. Бынан кире тыуған ил тураһындағы бөтә шағирҙарҙың да шиғырын шулай яҙып алырмын. 16 апрель. Рәйескә «Һуҡыр» тигән шиғырымды уҡыным. Шул тиклем тулҡынландым, уҡығанда күҙгә йәштәр тулды. Һуҡыр Килмәнеңме? Килмә... Инде көтмәм, Инде бер ҡасан да көтмәмен. Бынан һуң да мине көтөрһөң тип Бер ҡасан да өмөт итмәмен. Тик мин артыҡ ышанғайным һиңә. Артыҡ һөйгәнгәлер, ахыры. Бик өҙөлөп көттөм «Ни хәл?» тиеүеңде. Ләкин: «Һуҡырайған бахырың...» Тигән һүҙҙе генә Көтмәгәйнем!.. Юғалтыуы ауыр күҙемде. Ләкин Мең ҡат ауырыраҡ миңә Ишетеүе шундай һүҙеңде!.. Бит йәшәүҙән Мин һис туҡтаманым! Мин бит һаман әле бер кеше! Мин йәшәүҙе хәҙер Артығыраҡ һөйәм, Күрмәһә лә күҙем Ҡояшты, Зәңгәр күкте. Балаларҙың күҙен, Үләндәрҙе, Һыуҙы һәм ташты... Таш түгел бит минең был йөрәгем, Һөйөү яна унда кешегә. Нәфрәт тә бар унда Күңеле менән Тома һуҡыр һинең ишегә!.. 17 апрель. Мәүлиҙәнән хат алдым. Минең шиғырҙы алған икән. Тынысландым. Тик уға ғына тыныслыҡ булмаҫтыр. Сөнки ул бөтә шиғырҙарҙы ла үҙе тураһында яҙылған тип уйлай шикелле. Мин уға арнап «Йүрүҙән ҡыҙы»н ғына яҙҙым. Бөтә мөхәббәт шиғырҙары ла Марият менән Дилараға арналған. 18 апрель. «Һуҡыр»ҙы Рафаэлгә уҡығас, оҙаҡ бәхәсләштек. Уныңса, минең һуҡыр исеменән яҙыуым дөрөҫ түгел. Ә минеңсә, лирик геройҙы төрлө алымдар менән бирергә мөмкин. Бындай алым Лермонтовта ла, Туҡайҙа ла, башҡа шағирҙарҙа ла бик күп. Һәр саҡ үҙең менән булған хәлде генә яҙырға тигән ҡағиҙә юҡ. «Поэт... не только нянька своей души», – ти Горький. Лирикала әйтеп еткерелмәгәнлек һәм шартлылыҡ булырға тейеш. Был уны төрләндерә генә. Киңәйтә лә. Блок бик күп шиғырҙарын ҡыҙ кеше булып та яҙа. Ләкин уға ир кеше булған өсөн генә ышанмау дөрөҫ түгел. Рафаэль Лермонтовтың «Мцыри» тураһындағы докладын уҡыны. — Минән көлөп рәхәтлән инде, – ти. Ул минең көлөүҙе киреһенсә аңлай. Ә мин уның кешеләр алдында көлкөгә ҡалмауы өсөн генә көләм. Бер генә урынһыҙ һүҙ, урынһыҙ сағыштырыу ҙа булмаһын тип көләм. Рафаэль иһә йыш ҡына үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып бәхәсләшә. Бынан көлмәү мөмкин түгел. Ғөмүмән, әле Рафаэль бөҙрәлектән биҙмәгән. Унда ысынбарлыҡты тойоу көслө. Ә был бөҙрә болоттарҙа юғаласаҡ. Докладын әле яҙып бөтмәгән. Ҡорораҡ икәнен дә әйттем. Башҡа бер кем дә уға минең кеүек киҫкен, ваҡһыу түгел. Ләкин мин үҙемде быға хаҡлы һанайым. Сөнки мин уны яратам, шуға ла етешһеҙлектәрҙән азат була барыуын теләйем. Бөгөнгө көндәлекте уның үҙенә уҡытам. Бик бәхәсле урындарын бынан кире уның үҙенән яҙҙырып барасаҡмын. Юҡһа, мин тик үҙемдең дөрөҫлөктө генә яҙып барыуым мөмкин. Рафаэль үҙе көндәлек алып бармай. Ә минең көндәлектәргә бер аҙ ирония менән ҡарай. Был яҙмалар уның фекерҙәренең көндәлеге лә булырға тейеш. 21 апрель. Кис Рафаэлдең үҙенә көндәлекте уҡыттым. — Ну оҫта яҙаһың да инде, – ти. Көлә-көлә уҡыны. Аҙаҡтан: — Ниңә мин һиңә шиғырыңдың насар түгел икәнлеген әйткәнде яҙманың? – тине. – Яҙылышы, оҫталығы яғынан бер ниндәй ҙә бәйләнер урыны юҡ, тинем бит. Ниңә минең маҡтағанды ла яҙмайһың? Көлөштөк тә ашарға киттек. 24 апрель. Институтка бармайынса, көнө буйы күҙҙәр ауыртҡансы уҡыным. Хәҙер минең кабинет балконда. Һауа саф, йылы, бер кем дә ҡамасауламай. Кисә кис поезда ҡайтҡанда Надяны осраттым. Ләкин Переделкиноға еткәнсе уның үҙенә күренмәй ултырып, «Фома Гордеев»ты уҡып килдем. Ул да уҡый ине һәм мине күрмәне. Станцияға етер алдынан ул китабын сумкаһына һалды ла тәҙрәнән ҡарап килде. Поезд туҡтағас та уйланып, үҙ-үҙен онотоп ултырғанда, мин алдына сығып: — Төштөк, Надя! – тиеүгә, ул тертләп китте һәм нисектер бик оялсан йылмайыу менән йылмайҙы ла тиҙ генә тороп, ниндәйҙер бер көслө ынтылыу менән килеп күреште. Ҡулы ныҡ һәм көслө уның. Ҡыҫып күреште. Ә ҙур ҡара күҙҙәре оҙон ҡара керпектәре аҫтынан йылы бер нур менән яҡтырып ҡарай. Ләкин был яҡтылыҡта миңә үпкәләү ҙә бар. Миңә нисектер уңайһыҙ. Нисек һүҙ башларға ла белмәйем. Яһалма килеп сығыр төҫлө. — Йә, хәлдәр нисек? – тим. — Бер көйө... – ти ул һәм һаман да шул уҡ ҡараш менән текләй, һораулы, саф, күңелһеҙ йылмайыу менән йылмая. — Ә үҙеңдең нисек? — Яҡшы! Уның ҡарашында көнсөллөк тә күренә. Миңә был бик ғәжәп тойола. Ул, бик арыған кеше кеүек, тәрән итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Был көрһөнөүҙә һыҙланыу тауышы ла ишетелгән кеүек. Әйтерһең, ул был тауышты минең бик яҡшы ишетеүемде теләй. Ә мин көләм, тыйыла алмайым. — Китабыңды ҡасан алаһың? – тине ул. — Хәҙер, – тинем мин. — Ә хәҙер ул үҙем менән бергә түгел бит, өйҙә, Рәми. — Киттек, әйҙә! – тинем мин. Ә үҙем эстән генә был китаптың мине уңайһыҙ хәлдән сығарыуына шатландым. Ҡышҡы юл менән китмәйенсә, кешеләр йөрөмәгән юл менән киттек. — Ниңә шулай һәр ваҡыт шәп атлайһың, әкрен генә барайыҡ, – тине ул. Яғымлы итеп һәр саҡ әйтә торған һүҙҙәрен әйтте. – Ниңә, Рәми, шулай һәр саҡ йылмаяһың икән? Әйт әле, нимә уйлайһың? — Бер ни ҙә уйламайым, Надя. — Дөрөҫ түгел – уйлайһың. — Уйлаһам да, яҡшы уй уйламайым. — Сәйер кеше һин, Рәми. Өндәшмәй, тын ғына киләбеҙ. — Ниңә өндәшмәйһең? Һөйлә, ниндәй яңылыҡтарың бар? — Яңылыҡтарым юҡ. Булһа ла башҡорт телендә генә. — Шиғырҙар яҙҙыңмы? — Яҙҙым. — Русса тәржемә итһәң ине. — Белмәйем бит, Надя. — Беләһең һин!.. Тел тураһында һөйләшеү китә. Миңә ысынлап та ҡыйын. Уға уҡығым килә. Ләкин ул бер һүҙемде лә аңламай. Уға ҡыйын. Ә шиғырҙың эстәлеген аңлатыу миңә бөтөнләй мәғәнәһеҙ кеүек. Шулай ҙа аңлатам. Ул уйға ҡала. Мин көләм. Өйҙәренә юлды юғалттым. — Их һин! – тип көлдө Надя. Туҡтап торҙоҡ. Ҡояш ҡыҙарып байып бара. Талғын ғына ел иҫә. Йылы. Тирә-яҡта яҙғы еҫ аңҡый. — Беләһеңме, Рәми, минең шул тиклем уҡығым килә. — Уҡырға кәрәк! – тим мин. Ләкин ул, уҡырға мөмкинселек юҡ, ти. Унан Шолоховтың «Тымыҡ Дон»ын һөйләй. Ә мин уны һаман уҡымағанмын. Аҙаҡ ул тағы минең сәйер булыуымды әйтә. Минең асыҡ булмауыма үпкәләй. Өйҙәренә еткәс, мин кермәҫкә ҡарышам. Миңә уңайһыҙ. Әсәһенән бигерәк, телһеҙ апаһы Любанан уңайһыҙ. О, ул телһеҙҙәрҙең ҡарашы! Шулай ҙа Надя мине инергә күндерҙе. Әсәһе бөтәһен дә белгән, ахыры. Люба уға аңлатҡан булһа кәрәк. Ул башын күтәреп, йылмайып иҫәнләште лә миңә ҡараманы. Әсә!.. Мин әсә йөрәген аңлайым. Был өйҙә мин ғүмеремдә беренсе ҡабат ҡыҙ кеше менән ҡосаҡлашып ғазаплы бер төндө үткәрҙем... Беҙ айырыла алманыҡ. Әгәр ҙә мин шиғырҙар яҙмаған кеше булһам, бөтә маҡсатым әҙәбиәт булмаһа, шул иртәнән үк Надя минең ҡатыным булыр ине. Ләкин үкенмәйем! Мин тормоштоң миңә бер ҙур сер булып тойолған яғын күрҙем. Ҡатын-ҡыҙҙың көсөн тойҙом. Шул төн Надя менән күрешкән һайын күҙ алдымдан китмәй. Уға иң ҙур яҡшылыҡ эшләгем килә. Ләкин уға йөрәгемде биргем килмәй. Ә уға минең йөрәгем кәрәк. Ә йөрәгем минең берәү генә һәм ул үҙенең һуңғы тибешен бирергә лә әҙер булып тик берәүҙе генә һаҡлап янды. Марият, Марият, Марият! Хәҙер мин уны ул саҡтарҙағы кеүек ярата алмайым. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙы мин яратам. Тик өмөтһөҙ һәм өнһөҙ яратам. Ә Надя миңә: — Ниңә өндәшмәйһең? – ти. – Ниңә уйҙарыңды әйтмәйһең? Ләкин кеше бер ҡабат ауыҙы бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп эсә. Ә эсмәйенсә булдыра алмай. Тик хәҙер миңә: — Яратам! – тип әйтеү үлем менән бер һымаҡ. Уны бер ҡабат әйтеп алданғанға күрә, хәҙер бер кемгә лә әйтә алмайым. Бөгөн көнө буйы Горькийҙы уҡыным. Шекспир – бөйөк, Пушкин – бөйөк, ләкин Горький донъяның барлыҡ Шекспирҙарынан, барлыҡ Пушкиндарынан ҙурыраҡ минең өсөн. Иртә менән «Шевченко»ны уҡып бөтөрҙөм, һәр бите һайын күҙ йәштәрем менән илап уҡыным. Рафаэль Ғәйшә апайҙың хатын килтерҙе һәм «Совет Башҡортостаны»нда минең «Йүрүҙән» баҫылыуын әйтте. Ләкин Рәйес был газетаны Рафаэлгә бирмәгән. Өс ҡабат үҙенә барҙым – өйҙә юҡ. Мин өйҙә юҡта кергән, ләкин газетаны ҡалдырмаған. Асыуландым. Ниңә кеше кешене шатландырыуҙан ҡурҡа? Ярай, күҙҙәрем ауырта, бөгөнгә етер. Йоҡла, Рәмүк, йоҡла! 22 апрель. Иҫ киткес йылы. Ҡоштар һайрай. Бөтөнләй йәйгесә! Ашап килдем дә хужалыҡ эштәренә тотондом. Спорт майҙансығы яһаныҡ. Дача алдына 6 төп гөлйемеш ағасы ултырттым. Төн. Тышта ап-аҡ ҡар. Иртә менән йәй ине! Кисен – ҡыш! Саңғыла йөрөргә мөмкин. Төштән һуң һалҡын ел сыҡты, еүеш ҡар яуа башланы. Нина Акимовналарға барҙым. Ҡайтҡанда Рәйес осраны. Өҫтөнә кеймәй барып, мунса инеп сыҡҡан да вагондан буранға сығырға ултыра. Плащты сисеп бирҙем дә йүгерҙек. Рәйес Байрондың ҙур томы менән битен ҡаплап килә. Сәстәребеҙ ап-аҡ булды. Яҙ көнөндә бындай һыуыҡты бер ҡасан да күргән юҡ ине әле. 23 апрель. Төнө буйы буран ҡоторҙо. Лекцияларҙан һуң Рафаэль менән Ленин китапханаһына киттек. Бик асыҡтырған. Икебеҙҙең дә бик ашағы килә. Ләкин кеҫәлә бер тин дә юҡ. Рафаэль менән көнөнә ике мәртәбә бер порция ашап йөрөйбөҙ. Быйылғы йыл ауырға тура килде. Алған стипендия бурыстарҙы түләргә лә етмәй. Әҙәбиәт институтындағы был йылдар беҙҙең ғүмерҙе лә ҡыҫҡарта. Намыҫлы йәшәү ауырыраҡ әле. «Ленинсы», 30 март, 1954 йыл. «Тәнҡит һәм библиография». «Йәш көстәр». Фәйзи Сиразетдинов, Марат Кәримов, Карам Бакиров, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына тәнҡит. Хәким Ғиләжев яҙған. «Рәми Ғариповтың «Минең шыршыларым» шиғырында йылылыҡ, үҙенсәлек бар, ләкин дөйөмләштереү етешмәй әле. «Йыр» шиғырында һуңғы ике юлы һәйбәт яҙылған. Ә бына «Бәхет йылғаһы» хәтерҙе ҡалдырыусы, композицион үҙәге булмаған бер шиғыр. Тәүҙә бурлактар һүрәтләнә, аҙаҡ контраст формаһында пароходта йырлап барыусы йәштәр йыры бирелә. Беренсенән, был күп ҡабатланған алым, икенсенән, бурлактар ябай картина рәүешендә генә бирелә, ә икенсе бүлектә иһә, ҡоро, уңышһыҙ декламациянан башҡа бер нәмә лә юҡ. Шулай итеп, Волганың тулы образы урынына бер-береһенә эске логика менән бәйләнмәгән ваҡ деталдәр генә килеп сыҡҡан. Р. Ғарипов шулай уҡ һүҙҙәр менән дә һаҡ ҡыланмай. Ул шиғырҙы йә сағыштырыуҙар менән күмеп ташлай, йә булмаһа, күҙ алдына килтереп булмай торған ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр ҡуллана: Кисләй. Ҡояш Ҡыҙған тимер төҫлө, Ҙур тау булып күренә яҡында. Күк йөҙөн ул, Ҡыҙыл диңгеҙ итеп, Батып бара Волга артына. Артыҡ ҡуйы түгелме? Был картинаның нагрузкаһы нимәлә? Аңлашылмай. Киләсәктә Рәми Ғарипов был йәһәттән уйланыбыраҡ эш итергә тейеш». Алла һаҡлаһын бындай судьяларҙан! Бер ҡасан да шундай тәнҡит мәҡәләһе яҙмам! 28 апрель. Маяковский буйынса махсус курс. Тимофеевҡа аптырайым. Бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамайынса, бер туҡтауһыҙ һөйләй. Нисек итеп шул тиклем күп һөйләй ала икән? Автомат кеүек. Ә үҙе һаман да бер нәмә хаҡында төрлө вариацияларҙа һөйләй ҙә һөйләй, һөйләй ҙә һөйләй, һөйләй, һөйләй... Ә яңы фекер бик һирәк килеп сыға. Әҙәбиәт теорияһы һәм совет әҙәбиәте тарихынан уның дәреслектәрен уҡыу файҙалыраҡ, уларҙы мин нисектер яратып уҡыйым. Ә бына лекциялары... Бына әле лә ул өҫтәлгә ҙур, киң күкрәген һалып, ултырғысҡа быйма кейҙерелгән зәғиф аяғын терәп алған да бәләкәй ботинка кейгән икенсе аяғына баҫҡан килеш бер туҡтауһыҙ һүҙҙәр яуҙыра. Уң яҡҡа төшөп торған тыңлауһыҙ оҙон һоро сәсе һәр саҡ туҙған булыр. Башы ғәҙәттән тыш ҙур һәм һимеҙ йөҙлө. Ә бала беләге ҙурлығындағы ҙур, осло бармаҡтары бер туҡтауһыҙ алтын сәғәтенең сылбырҙары менән уйнап тора. Ул бармаҡтары менән дә һөйләй кеүек. Мөгөҙ ситле ҙур күҙлеге өҫтәлдәге ҡалын күк папкаһы өҫтөндә ята. Бер кем дә тиерлек уны тыңламай. Берәүҙәр хыялға батып ултыра, берәүҙәр китап уҡый, берәүҙәр йоҡлай, берәүҙәр шиғыр яҙа. Ләкин бер кем дә тауышланмай. Ә мин бына уның үҙе тураһында яҙырға тотондом. Даһи Бабичев, уның квартираһында булып, иҫе китеп һөйләгәйне. Бер ерән сәсле мыжыҡ малайы бар икән. Егет булып бөтһә лә, һаман үҙен иркәләйҙәр, ти, күпме теләһә, шул тиклем аҡса бирәләр, етмәһә, үҙенә айырым машина ла бар, ти! Ә Тимофеевтың эш бүлмәһендәге өҫтәл уның үҙе кеүек үк ҡалын һәм ҙур икән! Күпме ҙур кешеләрҙең балалары имгәккә әйләнә! Кис Рафаэль менән бәхәсләшеп ултырҙыҡ. Мин Гейненың шиғырын тәржемә итә башлағанға ул минең шиғыр яҙмай, бүтән юлға төшөп, шиғриәттән ситләшеүем мөмкинлегенән ҡурҡа. Уныңса, үҙ-үҙеңде аша һикерергә кәрәк! Ваҡытынан алда тыуырға кәрәк! Бәлки, яҙғандарым үҙем теләгәнсә лә сыҡмаҫ, ләкин бөтәһе лә бар йөрәктән буласаҡ. Яҙғым килгәндә генә яҙам. Ә быуаҙ булмағанда тыуҙырып булмай. Нимә менән быуаҙһың, шуны тыуҙыр. Һәр нәмәне үҙең ныҡлап ышанып еткәс кенә, яҙмайынса булдыра алмағанда ғына яҙырға кәрәк. Үҙ-үҙеңдән һәм уҡыусынан көлөргә кәрәкмәй. Рафаэль һөйләгән нәмәләрҙе мин уның үҙенән нығыраҡ уйлайым һәм аңлайым. Бөтә эҙләнеүем – ғазаплы, ауыр эҙләнеү. Мин үҙемде эҙләйем. Хәҙергә – төп бурысым шул. Насар булһын – үҙемдеке булһын. Бер туҡтауһыҙ өйрәнергә кәрәк, ә бер туҡтауһыҙ һөйрәлергә түгел. Башҡалар миңә оҡшамаған, мин дә уларға оҡшарға теләмәйем. Һәр кем үҙенсә булғанда ғына ҡыҙыҡ. 30 апрель. Надяны күрәм тип сығып киткәйнем, ул төнгө сменала эшләй икән. Әсәһе миңә йылы ҡарай кеүек. Тик һөйләшкәндә бөтөнләй ҡаушап ҡала. Ҡыҙыҡ! Ниңә икән? Электричкаға ултырып, ҡалаға киттем. Ләкин Надя күренмәне. Киев вокзалында Корней Чуковскийҙың Блок хаҡындағы китабын уҡып ултырҙым. Төндә оҙаҡ йоҡлай алманым. 4 май. 1 Майҙың нисек үтеүе тураһында яҙа алманым. Бер пьеса яҙырлыҡ булды. Әсғәт минең янға институтҡа килеп, үҙҙәренең ятағына саҡырып ҡайтты. Беҙҙең Рафаэль менән аҡса ла юҡ ине, Әсғәт фотолар һатырға булды. Рафаэль байрам итмәй ҡалырға ла уйлағайны, мин күндерҙем. Байрам етһә, уның ғәҙәте шул: йә кейем насар, ти, йә ҡыҙы юҡҡа зарлана. Мин киске 6-ла Надяны Киев вокзалына барып ҡаршы алдым. Урманда йөрөнөк, усаҡ яҡтыҡ. Табынға аҙаҡ ҡына килдек. Бөтә нәмә мин уйлағанса килеп сыҡты: Әсғәттең Галяһы Рафаэлгә ғашиҡ булды! 5 май. Кис ямғыр яуғанда Надяларға өй алдына ике төп һыуһар ағасы ултыртырға алып киттем. Барғанда күк күкрәй, йәшен яҡтырып китә. Ә ямғыр йылы, рәхәт, үҙем бик шатмын. Һыуһарҙар әле яңы ғына бөрөләрен ярып сығырға тора. Йылы ямғырҙан һуң йәшәреп китәсәктәр. Надя йүгереп сығып ҡосаҡлап алды – битемдән үпте лә ямғырҙа һуңға ҡалып килеүем өсөн шелтәләп алды. Әсәһе Валентина Степановна бик ҡыуанды. Надя менән ике урынға соҡор ҡаҙып ултырттыҡ та йәшен яҡтыһында йөрөргә сығып киттек. Күк күкрәй. Бөтә урман күгелйем төҫ менән яҡтырып китә. Надя минең ҡуйынға һыйына. Сәсен елдәр туҙҙыра. Ә ҙур ҡара күҙҙәре йәшен яҡтыһында бигерәк тә матур. Миңә рәхәт... 6 май. Коваленков семинарында Рафаэлдең поэмаһы тикшерелде. Рафаэль тәүҙә башҡортса төрлө ритмдағы бүлектәрҙе уҡып ишеттерҙе. Лина Костенко: Рафаэль психологик деталдәрҙе яҡшы биргән. Кисерештәр тәрән, дөрөҫ. Әммә әсәнең һуғышҡа мөнәсәбәте ҡалыплаштырылып бирелгән. Әҫәрҙә күҙ йәштәре күп. Бер үк сағыштырыуҙар йыш ҡабатлана. Утан: Тема яғын Сафин бик ныҡ белеп асҡан. Поэма оҙон. Риторика, декларация күберәк. Эмоциональ яҡтан әҫәр бик көслө. Туй күренеше оҡшаны. Поэмала башҡорттар күберәк булһын ине. Жуховицкий: Беренсе тәьҫир авторҙың бик талантлы икәнен күрһәтә. Поэманың фекере – бик кешелекле. Юҡһа, тоғролоҡ тип, ҡатын-ҡыҙ яҙмышын ғәҙәттә кешелекһеҙ рәүештә яңғыҙ ҡалдыралар. Поэманы ҙур шиғыр иткәндә яҡшыраҡ булыр ине. Лилиана Стефанова: Подстрочник хәлендә генә булыуына ҡарамаҫтан, поэманы бик яратып тыңланым. Ул яңы, үҙенсәлекле, ихлас, йылы яҙылған. Мин бындай әҫәрҙе үҙебеҙҙең семинарҙа тыңлауға шатмын. А. Коваленков: Поэмамы, шиғырмы тип бәхәсләшмәйек. Поэма төрлөсә булырға мөмкин. Алайыҡ Пушкиндың «Баҡыр һыбай»ын. Евгенийҙың шәхси яҙмышы менән тарих яҙмышы араһында конфликт. Поэманың философик һәм һүрәтләү планы бар. Был пландар гармониялы, бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Сафин поэмаһы ла шундай уҡ ике планлы. Муса Йәлил шиғырынан алынған эпиграф бөтә поэмаға камертон (булып яңғырай. Әҫәрҙең яҡшы нигеҙе бар һәм ул дөрөҫ һалынған. Реалистик деталдәр күберәк булһын ине. Риторика күберәк. Француздар ҙур шиғырҙы ла поэма ти. Ә был лиро-эпик поэма. Ә Костенконың уны 22 мәртәбә ҡыҫҡартырға кәрәк тиеүе бик еңел. Ҡыҫҡартырға мөмкин. Тик кәрәкме һуң? Кәрәкмәй. Был – поэма. Уға формаль логика менән ҡарарға ярамай. Әлбиттә, уны тулыландырырға кәрәк. Әсә характеры асыҡ. Ә Иршатты тәрәнерәк бирергә мөмкин. Ғилман образын да киңәйтергә кәрәк. Әҫәрҙең идеяһы бик кешелекле. Тик реалистик һүрәттәрҙе көсәйтергә ине. Поэманы руссаға тәржемә итергә кәрәк. Шағирҙың үҙ тауышы бар. Беҙ телде белмәһәк тә, уның шағир икәнен тойҙоҡ. 7 май. Эстеттар Пушкинды үҙ байрағы итергә тырышты. Ләкин Пушкин бер ҡасан да уларҙыҡы булманы. Плеханов быны яҡшы аңлата. Ләкин уның үҙ хаталары бар. Мәңгелек критерийҙар юҡ. Һәр ваҡыттың үҙ сәнғәте бар. Бер ваҡыттағы сәнғәт икенсе ваҡыттағы кешеләрҙең талабына ярамай, тине Плеханов. Ләкин был дөрөҫмө һуң? Сәнғәт һәр саҡ хәрәкәттә. Һәр дәүер уға яңылыҡтар өҫтәй. Тәнҡит, Плехановса, синфи, шул уҡ ваҡытта мәрмәр кеүек һалҡын да булырға тейеш. Ҡыҙ ҙа булһын, быуаҙ ҙа булһын! Плеханов материализмды механик рәүештә аңлата. Марксистик объективлыҡ партиялы, ти Ленин. Ә Плеханов бынан ситтә. Марксизмға объективлыҡ ят, ти. Плехановтың иң яҡшы практик эштәре уның үҙ теорияһын тар-мар итә. Вася Шкаев М. Горький буйынса Лев Толстой портреты тураһында доклад яһаны. Ләкин күптәр Горькийҙың «Заметкалар»ын уҡымай килгән. Доклад буйынса Вл. Нарожнов һүҙ алды һәм яҙыусының биографияһы, шәхесе менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәрәклеген әйтте. Уға Коля Старшинов ҡаршы сыҡты. Яҙыусының ижады уның тормошонан айырылғыһыҙ, тине. Толстовщина, есенинщинаға туҡталды. Маяковскийға оҡшарға тырышыусыларҙы һүтте. Нарожнов, минеңсә, хаҡлы түгел. Яҙыусының шәхесе тураһында беҙҙә бөтөнләй һөйләнелмәй. Толстой тураһындағы портреттан беҙ Горькийҙың үҙен дә күрәбеҙ. Был бик ҡыҙыҡ. Горький үҙ әҫәрҙәрендә композицион яҡтан тарҡауыраҡ, ләкин Толстой тураһындағы портрет – классик өлгө. Бер ниндәй ҙә артыҡ һүҙ, кәрәкһеҙ сағыштырыу тапмаҫһың унда. 8 май. Гейне Маркс менән осрашҡан саҡта Марксҡа – 25, Гейнеға 46 йәш була. Был осрашыу Гейне ижадында ҙур боролош яһай. Гейне – революция барабансыһы. Энгельс Гегелде тик бер генә кеше – Гейне генә аңлағанын әйтә. 11 май. Маяковский Демьян Бедныйға һалҡын ҡарашта. Ә Демьян Бедный Маяковскийға ҙур шағир итеп ҡарай. Ә ижад яғынан Маяковский Д. Бедный менән яҡын булыуын әйтә. Рус футуризмы 1910–11 йылдарҙа рус символизмының емеректәре өҫтөндә барлыҡҡа килә. Уны йәштәр күтәрә. Был йәштәр классик мираҫты, традицияларҙы анархистик кире ҡаға. Нигилизм. Инҡар итеү пафосы. Ленин анархизмды «вывернутая наизнанку буржуазность» тип атай. Уның нигеҙендә буржуаз индивидуализм ята. Футуристар – иң яланғас формалистар. Улар араһында тәрән белемле Жирмундский үҙ тирәһенә башҡаларҙы туплай. Виктор Шкловский Маяковский артынан ҡалмай һәм уға ҙур йоғонто яһай. Формалистар яңы һүҙҙәр тыуҙыра, боронғо рус һүҙҙәрен тергеҙергә тырыша. Велимир Хлебников бөтә ил буйынса үҙ шиғырҙарын йырлап йөрөй. Лингвистар уны гений итеп күрә. Ул боронғо рус телен бик яҡшы белә. Һүҙгә бик һиҙгер, зирәк була. Футуристар төркөмөнөң һәр сығышы янъял, һуғыш менән тамамлана. Уларға төрлө публика йөрөй. Асеев, Елена Гуро, Божедар – иң талантлы футуристар. Улар араһында Бурлюктар, Игорь Северянин, Лифшиц һ. б. кешеләр була. Маяковский Игорь Северянинға ҡапма-ҡаршы позицияла тора. Виктор Перцов – футуристарҙың теоретигы. Футуристар араһында бәхетһеҙ кешеләр күп була, аслыҡтан ҡапҡа аҫтарында үләләр. «Пощечина общественному вкусу» һәм «Дохлая луна» – футуристарҙың программалы йыйынтыҡтары. Шаманлыҡ күнекмәләре. Был шамандар араһында Маяковский бер үҙе тормош тураһында буржуаз донъяға нәфрәтен күрһәткән шиғырҙар яҙа, аҡ ҡарға була. 1914 йылда «И нам мясо» тигән мәҡәләһендә Маяковский үҙенең футуристар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ икәнен әйтә, символистарға, декаденттарға ҡаршы сыға. Йәшлек киҫкенлеге арҡаһында уның бик күп дошмандары йыйыла. Уның тәүге китабы – «Простое как мычание» – Горький ярҙамында донъя күрә. 12 май. Писарев Чернышевскийҙың «Что делать?» романы тураһында. «Народный заступник» – 60-сы йылдарҙан ҡалған термин. Унан бер аҙ «шәхес культы» аңҡый. «Народный заступник»тан «герой»ға бер аҙым ғына. Рахметовтар халыҡтың иң ярһыған мәлендә бик кәрәк. Улар массанан башҡа бер ни ҙә түгел. Писарев та, Чернышевский ҙа уны шулай аңлай. Киләсәк – бөгөнгөнөң ҡайһы бер күренештәрендә, шулар өсөн көрәшендә. Михайловский Глеб Успенскийҙың ғазаплы ижадын «больная совесть» тип атай. Достоевскийҙың ижадын ул «жестокий талант» тип атай. Плеханов Маркс һәм Энгельс әҫәрҙәрен тәржемә итә, Россияла марксизмды пропагандалай. Ленин уның народниктар менән көрәшеүен һәм «К вопросу о развитии монистического взгляда на историю» китабын юғары баһалай. Плеханов сәнғәткә ҡарата Толстой фекере менән бәхәсләшә. Толстой сәнғәт бөтә телдәрҙә лә аңлашыла, ти. Ә Плехановса, әҫәрҙең эстәлеге – фекерҙә һәм тойғола. Плеханов дөрөҫ китап яҙмаҫҡа ла мөмкин, әммә уның ҡыҙыҡһыҙ яҙыуы мөмкин түгел. 13 май. Институтта диплом яҡлау булды. Федя Сухов өсөн шатмын. Донъяны үҙ күҙе менән күреп, үҙ йөрәге менән тоя белә. 14 май. Ленин китапханаһында «Әҙәби Башкортостан»дың 3-сө һанын уҡып ултырҙым. Сталин иҫтәлегенә арналған шиғырҙарҙың береһе лә оҡшаманы. Ниғмәти ҙә, Хәниф Кәрим дә, Ғәйнан ағай ҙа бер үк нәмәне ҡабатлай. Әнүәр Бикчәнтәйҙең хикәйәләр тураһында мәҡәләһе примитив, позаға баҫыу. Эренбург менән С. Антоновтың һүҙҙәренән цитаталар килтереү менән тулған. Мостай Кәримдең шиғырҙары ғына журналға ҡот биреп тора. Тик оҙонораҡтар. М. Тажиҙың сатираһы йомшаҡ, бер ҡатлы. Мәҙинә Саҡаеваның мәҡәләһе публицистика бүлегенә ниңә индерелгән? Аңлашылмай. Китапхананан күңелһеҙләнеп сыҡтым. Етмәһә, бик асыҡтырған. Ҡаңғырып торҙом да Нина Акимовнаға шылтыраттым. Барып кереүемә, ашарға әҙерләп ҡуйған. Поезда Рәйесте осраттым. Һуңғы ваҡытта минең менән һөйләшмәй йөрөй. Шакир менән генә уртаҡ тел таба. Төнгө сәғ. 3. Овеянико-Куликовскийҙың Гете тураһындағы мәҡәләһен уҡып сыҡтым. Ни тиклем аҙ беләм мин! Ҡот осҡос! Йөрәгемдә шуға ниндәйҙер ярһыу ҙа, ғәрлек тә ҡайнай. Гете – диңгеҙ, мин – тамсы! Мин үҙемде, Гетены белгәс, асығыраҡ күрҙем. Шатланам да, ҡайғырам да. Уйлаған уйҙарымды аҙ ғына булһа ла тормошҡа ашыра алмаясағым ҡурҡыта. Ләкин үҙемдә ниндәйҙер йыйылып ятҡан көс тә тоям. Был көстө кешеләргә бирергә өлгөрә алмай ҡалғанда – ни тиклем ҡурҡыныс! Фекерҙең асылы – абстрактлыҡта. Фекер ни тиклем абстракт булһа, ул шул тиклем ҙур, ә ни тиклем конкретыраҡ булһа, шул тиклем тойғоға яҡын. Көслө тойғоло, кисерешле кеше үҙ тойғоларын аҡылына буйһондора алһа, ул ирекле кеше (Спиноза). Көслө тойғоно һин аҡылың менән еңә алмаһаң, аҡыл эше менән мауыҡмаһаң, һин ирекле түгел, ә ҡолһоң. Үҙ тойғоларыңдың ҡоло. Яңы йәмғиәттең элементтары иҫкеһендә барлыҡҡа килә. Идеялар көрәше аңлыраҡ булған һайын, улар партиялыраҡ. Художник иһә ни тиклем ҙур булһа, уның тенденциозлығы – партиялылығы аңлыраҡ. Энгельс, Маркс Эсхилды, Дантены, Сервантесты, Шекспирҙы иң тенденциоз художниктар тип билдәләне. Тенденциялылыҡ – партиялылыҡтың иң төп билдәһе. 1905 йылда Ленин әҙәбиәттәге партиялылыҡ тураһындағы мәҡәләһе менән сығыш яһаны. Аполитичносҡа ҡаршы төшөп, бөтә әҙәбиәттең һәм сәнғәттең партиялылығын талап итте. «Ижади ирек» һәм «партияһыҙлыҡ» иллюзияларын тар-мар итте. Лениндың хатаһы – уның тик коммунистик партиялылыҡты ғына таныуында. — Йәшәгән, ти, бер ҡыҙ, – тип башланым. Ямғыр аҫтында оҙаҡ-оҙаҡ йөрөнөк. Аяҡ аҫты бысраҡ, ә беҙ йөрөйбөҙ ҙә йөрөйбөҙ. Ямғырҙа ла, еүеш ерҙә лә бер матурлыҡ бар кеүек. Мин ҡайтҡанда, Рафаэль Франтишек менән Адарға үҙенең ғашиҡ булып ҡайтыуы тураһында һөйләп ята ине. — Һин ҡатын-ҡыҙҙы һөймәйһең, ә үҙеңдең хыялыңды яратаһың, – ти Франтишек уға. – һин шәүләләрҙе һөйәһең. Был – душевный анонизм. — Һеҙ һөйә белмәйһегеҙ, – ти Рафаэль. – Тыныс мөхәббәт был! Мин ул ҡыҙҙың күҙҙәре өсөн генә лә бөтә йөрәгемде бирергә әҙер! — Ә ниңә бирмәнең? Китәләр уны ҡыҙ менән! Какую там ты душу, ты ужин свой жалел, – тим. Көлөштөк. Мөхәббәт тураһында бик оҙаҡ бәхәсләштек. Адар ит ҡыҙҙырып ҡуйған. Күҙ асып йомғансы тар-мар иттек. Рафаэль сәй ҡуйҙы. 18 май. Йоҡламаным. Төнө буйы уйландым да уйландым, тарттым да тарттым. Икенсе китаптың исеме «Ҡурай» буласаҡ. Ул тематик яҡтан киңерәк, халыҡ ижадына яҡыныраҡ, тәрәнерәк, оҫтараҡ булһын ине. Килер бер көн һәм мин: «Һуңғы башҡорт ҡәбере өҫтөндә һуңғы ҡурайсы уйнар көн алыҫ түгел», тигән бысраҡ фекергә үҙ яуабымды бирәсәкмен! һуңғы ҡурайсы, имеш! Өфөгә ҡайтҡанда, мин ҡурайҙы опера театрында тулҡынланып тыңлап ултырҙым. Ә бөгөн төндә «Ҡурай» әкиәтенән башлап, Дәүлиҙең Кремлдә ҡурай уйнауына тиклем булған бөтә тарихты уйлап сыҡтым. Станцияла Рафаэль сигарет алып бирҙе лә институтҡа киттек. Килһәк, китаптың 60 процент аҡсаһы килгән! 2800 һум! Бындай аҡсаны ҡулға алыу әллә нисек хатта! Почтаға барҙыҡ та аҡсаны Рафаэль һанап алды. — Ну йәшәйбеҙ хәҙер һинең менән! – тинем Рафаэлгә. Уға мин «Йүрүҙән»дең аҡсаһы килеү менән костюм алып бирергә тип ҡуйғанмын. Занятиеға инеп торманыҡ. ГУМ-ға киттек. Рафаэлгә мин апрель аҙағында костюм тураһында һөйләшкәндә «квитанция» яҙып биргәйнем: Ярай ҡайғырма һин кейем юҡҡа, Шиғырымдан костюм тегермен. Ул киң, йылы, туҙмаҫ костюм булыр, Шәп тегенсе Рәми тиерһең. Мин хаҡын да ҡиммәт һорамамын, Иҫәпләшеп тормам хаҡына: Шул да етә — Ҡыуандырһаң мине Яҡшы шиғыр яҙып халҡыңа. 24.IV.54. Барыһы ла хәҙер урынында: Рафаэлгә лә, үҙемә лә Герцен урамындағы магазиндан костюм алдыҡ. Өҫ бөтәйҙе. Бик шатландыҡ. Букинистарға инеп «Мужчина и женщина» китабын алдым да Нина Акимовналарға киттек. Ул беҙ мунсанан ҡайтыуға ашарға әҙерләп ҡуйған. Беҙ өҫкә костюмдарҙы кейеп алдыҡ та Киев ҡунаҡханаһына инеп «йыуҙыҡ». Бурыстарҙан да ҡотолдом. 19 май. Надя менән «Анна на шее» тигән картинаны ҡарап сыҡтыҡ та Горький паркына киттек. Унда Горькийҙың әҫәре буйынса ҡуйылған «Фальшивая монета» спектаклен ҡараныҡ. Надяның дуҫ ҡыҙы Рая ла килгәйне. Үҙенең егете Женя менән. Улар беҙҙе Киев вокзалына тиклем оҙатып ҡуйҙы. 20 май. Таң атҡансы Надя менән һөйләшеп йөрөнөк. Ул да, мин дә бер-беребеҙгә булған ҡарашты ныҡлап белештек. Баҡсалар араһынан барғанда, бер ҡыуаҡ янында туҡталып, бик яҡындан ғына һандуғас һайрауын тыңлап торҙоҡ. Надя һандуғас тураһында Крыловтың басняһынан өҙөк һөйләне. һандуғас баш осонда ғына һайрай, ә үҙе, ай яҡтыһы шундай көслө булһа ла, күренмәй. Күрергә тырыштыҡ. Ә ул япраҡтар араһында бөтөнләй ҡолаҡ төбөндә һайрай. Әйтерһең, был минең яратыуым. Минең бөтә йөрәктән яратҡым килә, ләкин ул юҡ, күренмәй. Мин ниндәйҙер һалҡын. — Надя, ниңә һорау бирмәйһең? – тим. — Юҡ, икенсе берәй ваҡыт, – тине ул һәм ниңәлер үҙенең яҡын бер ир туғаны тураһында һөйләне. — Ә минең менән күңелһеҙҙер һиңә, Надя, – тигәс, ул миңә үпкәле ҡараш менән ҡараны ла: — Мин һине аңламайым, Рәми, – тине. — Надя, һинең кемде лә булһа яратҡаның бармы һуң? — Юҡ. — Хәҙер ҙә яратмайһыңмы? — Белмәйем. Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ атлап барҙыҡ та, ялан ергә сыҡҡас: — Ә һинең яратҡаның бармы? – тине ул. — Бар. Башҡаса бер ҡасан да шулай ярата алмам кеүек. Мин уға үҙемдең Мариятты яратыуым, ләкин был һөйөүҙең яуапһыҙ ҡалыуы тураһында бөтәһен дә һөйләп бирҙем. — Ә ни өсөн һуң һин минең менән? — Һинең менән яҡын булған кеүек мин бер ҡыҙ менән дә шулай яҡын була алманым. Мин һиңә бик ныҡ өйрәндем, Надя. Ҡайһы саҡта был нисектер өйрәнеү генә түгел һымаҡ. Бына хәҙер мин бөтөнләй һалҡын. Ә иртәгә тағы ла үҙгәрәсәкмен... Горький семинарында әҙәби портреттар тураһында һөйләштек. Ҡыҙыҡ, Горький бер ҡасан да кешене түбәнһетә, йәберләй торған дөрөҫлөк тураһында яҙмаған, ә кешене күтәрә торған дөрөҫлөк хаҡында яҙа. 22 май. Кеше бала сағында уҡ үҙенең киләсәген әҙерләй һәм уның был әҙерлегенә булышлыҡ итергә, иғтибарлы булырға кәрәк. Бала саҡтағы яҡты иҫтәлектәр кешенең бөтә ғүмере буйы тороп ҡала. Шуның өсөн дә уның йәшәүен бер нисек тә сикләргә ярамай. Бала ҡыҙыҡһыныуы – иң матур, иң эскерһеҙе. Бөйөктәр бөйөк шарттарҙа ғына тыуа. Ә күпме таланттар шул шарттарҙың булмауы сәбәпле юғала! Үҙеңә мөмкин тиклем матур һәм көслө тәьҫирләнеү йыйырға кәрәк. 23 май. Көнө буйы тиерлек волейбол уйнаныҡ. Кис Надяға киттем. Дуҫы Рая килгәйне. Уларға йоҡлар өсөн иҙәндәрен һепереп бирҙем дә йылға буйында ултырҙым. Ҡайтҡас, йырлап яттым: Һине һөйә алмағанға Илағым килә минең. Һөйгән кеүек булһам һине, Йырлағым килә минең. Ниңә һине бик бәхетле Һөйгән йәрем итмәнем? Ниңә һинең таң атҡанда Иренеңдән үпмәнем... Рафаэль һуңлап ҡайтты. Минең адресҡа Надяға ҡағылышлы алама һүҙ ысҡындырҙы. Асыу килде. Ә мин Надя менән күрешкән һайын уға һоҡланып бөтә алмайым. Беҙ бик дуҫлаштыҡ. Тик мин уға булған тойғомдо мөхәббәт тип кенә атай алмайым. Ул бик яҡын миңә. Ул шундай саф күңелле, аҡыллы ҡыҙ! Минең уға бер ниндәй ҙә бысраҡлыҡ эшләгем килмәй. 24 май. Көн иҫ киткес. Надяға баҡса ҡаҙышырға киттем. Ул, мин барғанда, Рая менән ҡарағаттар араһында ята ине. Мин барып күрештем дә эшкә тотондом. Ер әле еүеш һәм ҡаты. Был урында элек ҡалын урман булған. Рая Надяға: — Ҡара әле, Надя, Рәми ниндәй эшсән! – тине. Мин, ысынлап та, дәрт менән эшләнем. Тирләмәнем. Надя миңә көсләп-көсләп, сәс төшөп тормаһын өсөн, яулыҡ бәйләне. Сәғәт 2.30-ғаса ҡаҙҙыҡ, Валентина Степановна ашарға саҡырҙы. Ҡуҙғалаҡлы аш бик оҡшаны. Надя концертҡа ашыға. Бөгөн ул фабрикаһында шиғыр һөйләй. Киттек. Оялырмын тип мине индермәне. Бик яҡшы һөйләгән. Ҡайтҡанда урман араһынан килдек, һөйләшеп ултырҙыҡ. 25 май. Стипендия алдыҡ. Надяға китап алдым. Кис Рафаэль менән уның ҡыҙҙарға булған ҡарашы тураһында бик ҡаты ғына һөйләшеп алдыҡ. Бер ҡыҙҙы хат менән хәбәр итеүенә ҡарамаҫтан, ҡаршы ала бармаған. Кешегә иғтибарһыҙлығы өсөн шелтәләнем. 26 май. Лекциялар бөттө! Диплом эштәре тураһында йыйылыш үткәрҙек. Кис Рауил килде. Рафаэль уға Ғ. Сәләмдең «Бала» поэмаһынан өҙөктәр уҡыны. Шиғриәт хаҡында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. — Ниндәй ҡыҙыҡ йәшәйһегеҙ! – тине Рауил. – Беҙҙә икенсерәк шул... Рауилды поезға ултыртып ебәрҙем дә Надяның ҡайтҡанын көтөп йөрөнөм. Мәскәүгә китеүсе поезд менән тәүҙә Востряковаға тиклем барып килдем дә, Надяны тап итмәгәс, икенсе поезд менән Суковоға тиклем барҙым. Ҡайтҡанда икенсе вагонға индем, Надя өсөнсөлә килгән икән. Арттан йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. Бөгөн мин уның алдында ҡыйыуһыҙ инем. Ул мин биргән «Северное сияние» китабын уҡып йөрөй. Пушкиндың үлеме тураһында илап уҡыған. Надя миңә тартмаҫҡа ҡуша. Миңә уның был сифаты оҡшай, тик мин юрый ҡарышам. Ул миңә үҙенең уҡытыусы булғыһы килеүен әйтте. Ул бик яҡшы әҙәбиәт уҡытыусыһы буласаҡ. Миңә хәҙер уның өсөн дә педагогик китаптар уҡырға кәрәк буласаҡ. Урман өҫтөнән ураҡ кеүек ҡыйылып, ҡыҙғылт ай ҙа сыҡты. Надя тәбиғәтте күҙәтергә ярата. Уның был яғы ла оҡшай миңә. Тик мин уның үҙенә һәйбәт яҡтары тураһында әйтергә яратмайым. Был хаҡта ситләтеп кенә белдерәм. Ишек алдында ҡосаҡлашып ултырҙыҡ. Минең сәстәремде һыйпап иркәләгәндә, бөтә тән буйлап сәс аҫтынан ялҡын йүгергән кеүек. Мин хатта уны үбергә лә уңайһыҙлана башланым. Ҡайтҡанда, бөтөнләй яҡты ине. Йылға буйы күк томан менән ҡапланған. Ә миңә ғәҙәттән тыш яҡты, иркен... 27 май. Бик яҡшы йоҡлағанмын, Франтишек уятты. Ашханала Шәриф Әлбиреев Гейне буйынса зачет була икәнлеген әйткәс, аптырап киттем. Профессор Металлов, ниндәй темаға әҙерләндең, тип һорағас, һеҙ ниндәйҙе бирһәгеҙ, шуға, тинем. Ул Гейне поэзияһының халыҡсанлығы һәм «Атта Тролль» поэмаһы тураһында һөйләргә ҡушты. Өҫтәп, мин уға үҙемдең Гейненан тәржемәләремде лә уҡыным. Бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. — Мин телегеҙҙе белмәйем. Ләкин уҡыуығыҙ оҡшай. Гейненың мелодияһы! – тине профессор. Тәүге зачет бик еңел һәм яҡшы бирелде. Рафаэль Люся менән урманда йөрөп ҡайтты. Үпкән! Үбешеү тураһында һөйләштек. Надяның ирененән үбеү үҙе бер ғүмер! Франтишекты иртәгә Чехословакияға оҙатасаҡбыҙ. Имтихандарын тапшырып бөткән. 3 июнь. Рус теленән имтихан тапшырып сыҡтым. Был – рус теле буйынса һуңғы имтихан. Күҙ алдыма мәктәптәге һәм институттағы бөтә рус теле уҡытыусылары килеп баҫты: Ғәлимә Абдуллина, Мәхмүт Еникеев, Рәбиға Әсәнова, Антонина Ильинична Сухабай, Мөсәлиә Ғәлиевна Хәйруллина, Әминә Ҡорамовна Йыһаншина – Арҡауылда һәм Өфөлә уҡытҡан уҡытыусыларым. Елпатьевский, Елена Кузьмина һәм Александр Никитич Власенко – институттағылары. Шулар араһында бер-икеһен генә яратманым. Улар миңә бер ни ҙә бирә алманы. Ҡыҙғаныс, бәхетһеҙ уҡытыусылар! Ҡалғандары бөтәһе лә үҙҙәренсә миндә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Бөгөн мин бик бәхетле. Тик был бәхеткә өйрәнелгән өсөн генә ул тойолмай. Ә тарих күҙе менән ҡараһаң, иҫ киткес! Надя мине көтөп торған. Балкондан йүгереп килеп төштө лә ҡосаҡлап алды. Ялан буйлап сығып киттек. — Йә, ниңә бер нәмә лә һөйләмәйһең? Мин көлдөм. — Һинең көлөүең әллә ниндәй? Мин өндәшмәнем. — Нимә уйлайһың һин, Рәми? — Минең менән күңелһеҙҙер һиңә, Надя? — Ниңә улай тиһең? — Мин нимә уйлағандарымды һиңә әйтергә лә ҡурҡам, Надя... Миңә ҡәҙерле булған нәмәләр һиңә ҡыҙыҡ булмаҫҡа мөмкин. Кисә һиңә теге философик һүҙлекте килтергәс, Галя көлдө. Ниңә уға бындай китаптар килтерәһең, ул уҡыймы инде уларҙы, ти. Надяға ҡыҙыҡлы романдар ғына кәрәк. — Мин беләм инде уның шулай әйтерен! – тине Надя әрнеү менән, – уның һүҙҙәре һиңә шулай тәьҫир иткән! Эйе, – тип көрһөнөп ҡуйҙы ул. — Крупскаяны уҡып бөттөңмө әле? — Юҡ әле. — Әгәр ҙә һин ысынлап теләһәң, ынтылһаң, мин хәлемдән килгән тиклем һинең өсөн дә йәшәр инем, һинең өсөн дә уҡыр инем. Һин быға ышанаһыңмы, Надя? — Ышанам. Мин осоусы балаҫтар, тиҙ йөрөүсе итектәр тураһында рус һәм башҡорт әкиәттәренән бик ҙур «лекция» уҡып ташланым. Халыҡ үҙенең әкиәттәрендә һәр саҡ хыялын әйтә, идеалын күрә... Алдымдан Горький бара, тик уны Надя ғына күрмәй. Уға Горький мәҡәләләрен дә уҡырға кәрәк әле. Уларҙың баҡсаһындағы ҡайын аҫтына килдек, ул тал сыбыҡтан үрелгән креслоға ултырҙы. Ә мин ҡайынға һөйәлеп баҫып торам. Һалҡын ел иҫә. Ай, утта янған ураҡ кеүек, ҡыҙыл һәм нескә генә. Ай янындағы йондоҙ ғына яҡты. Надяның ҡара сәстәрен елдәр туҙҙыра. Ҙур ҡара күҙҙәре тағы ла ҡарараҡ. Оҙон ҡара керпектәрен бер күтәреп, бер йомоп, ул бик оҙаҡ күккә ҡарап ултырҙы ла: — Һин көслөһөң, Рәми, ә мин һинең яныңда бер туҙан ғына, – тип ҡуйҙы. — Бер ҡасан да шулай тимә миңә! – тип ҡысҡырҙым мин асыу менән. – Улай тип әйтеүе бик еңел ул! — Һин бәхетле булырһың, – тине ул йомшаҡ ҡына. Уның тын ғына сыҡҡан тауышында ниндәйҙер көнләшеү ҙә, түбәнһенеү ҙә бар ине. Миңә һәр саҡ уның шундай тонын күтәреү ауыр, йөрәк әрнеткес. Мин үҙемә үҙем тупаҫ һәм ҡорос һымаҡ ҡаты, үткер тойолам. Ә үҙемдең бала кеүек ғәмһеҙ, шат, асыҡ, бала кеүек бер ҡатлы булғым килә. Өндәшмәйенсә, оҙаҡ ултырғандан һуң, мин: — Есть у меня Надежда, но Нади нет, – тинем. Үҙемдең тауышымдан үҙемә ҡурҡыныс булып китте. — Һинең «Надяң» булыр, Рәми, ә бына мин үҙемде һин ҡайтып киткәндән һуң бер нисек тә күҙ алдыма килтерә алмайым. Нисек йәшәрмен? Мин ҡурҡыныс көлдөм. — Бер биш йылдан һуң минең һиңә ҡарағым килә: һин бик бәхетле булырһың, Рәми! — Йә бик бәхетле, йә бик бәхетһеҙ. Ә уртаса булмаясаҡмын! Ниңәлер мин бик ныҡ эсермен һәм юғалырмын кеүек. Йәки бик көслө булып ҡалырмын. Әгәр ҙә бик көсһөҙ булһам, бер ҡәбәхәтлек эшләргә минең көсөм етер ине... Надя, ҡапыл ғына йоҡоһонан ҡурҡып уянған бала әсәһенең ҡуйынына һыйынған кеүек, ярһыулы тауыш менән: — Нисек етер ине? – тип бышылданы һәм мине нығытып ҡыҫып алды. Мин башҡа килгән уйҙы ҡапыл бер еңеллек менән: — 5 грамм ҡурғаш етә! – тинем. Надя: — Һин миңә бик яҡшы фекер әйттең! – тип ҡысҡырҙы. Был тын ҡысҡырыу минең бөтә тынлығымды шартлатты. Тыным быуылды, күкрәгем ҡыҫылды. Был ҡәбәхәт һүҙҙәрҙе әйтеүҙән дә артыҡ түбәнлек юҡ. Ниңә әйттем? Ниңә, нилектән? Ниндәй хурлыҡ! — Ҡайт, Рәми, ҡайт, һин мине аҡылдан яҙҙыраһың, ҡалдыр мине, ҡалдыр!!! – тип ялбарҙы Надя. Ниңә әйттем? Ниңә әйттем, ниңә? Һуң ине инде, бик һуң ине. Ниндәй түбәнлек! Ҡыҙыл ураҡ янындағы йондоҙ, һүнәм-һүнәм тип торған кеүек, ҡалтырап күренә. Һалҡын ел ҡайындың оҙон толомон бөтә көсө менән килтереп һуға, япраҡтар йөрәк өҙгөс тауыш менән шаулай. Бер ҡасан да минең шулай туңыуҙан тирләгәнем юҡ ине. — Ҡайт, Рәми, ҡайт!.. — Юҡ, ҡайтмайым. Бар, йоҡла инде, Надя, һиңә иртәгә фабрикаға эшкә барырға кәрәк. Ял ит, Надя. — Ҡайт, Рәми, үтенәм! Мин өндәшмәйем. Туңам. Надя ҡапыл һикереп торҙо ла баҡса эсенә йүгерҙе. Ҡараңғылыҡҡа сумды ла юғалды. Баштан күҙ асып йомғансы әллә күпме ҡурҡыныс уйҙар үтте. Уның һайын бөтә тирә-яҡты ниндәйҙер шомло тынлыҡ баҫты. Йөрәк тибеүем үҙ-үҙемә ишетелә. Ҡот осҡос һүҙҙәр! Сәғәткә ҡарайым – 3 минут үткән. Ә Надя юҡ! Миңә был 3 сәғәт булып тойолдо. 5 минут үтте. Ни булды? Ҡот осҡос... Ҡапыл йыр яңғыраны. Надя! Ул еңел атлап, ҡош кеүек талпынып килә! Ниндәй матур уның атлауы. Үҙе ярһыу, йылы, наҙлы. Кеше ни тиклем тиҙ үҙгәрә! Минең йүгереп барып күтәреп алғым килә уны! Бар көсөмә йөрәгемә ҡыҫҡым килә! Бала ирендәрен үпкем килә. Миңә ҡапыл ғына ҡанат үҫеп киткән кеүек. Ауыр төш кеүек көн үтте. Тик мин түмәрҙән торманым. Надя йүгереп килеп минең сәстәремде үҙенең көслө бармаҡтары менән һуғып туҙҙырҙы ла иҫ киткес бер еңеллек менән ҡайын ботағына бәйләп ҡуйылған гамак селтәренә һикерҙе һәм ауҙы. Гамак бәүелеп китте. Ә Надя шат тауыш менән йырлай: — Мне мгновенье – наслажденье, Остальное – трын-трава!.. Ниндәй мәғәнәһеҙ йыр! Ләкин ул уны шашып, шатлыҡ, дәрт менән йырлай. Мин һикереп торҙом да Надяны ҡотороноп бәүетергә тотондом. Уның башы ла, аяғы ла ҡайын ботаҡтарына барып һуғыла, ә үҙе шат тауыш менән: — Етәр, Рәми, етәр! Ебәр, йүләр, – тип балаларса ҡысҡыра. Мин талғыныраҡ бәүетә башланым. Үҙем рәхәтләнеп көләм. Был көлөүҙә бер ниндәй ҙә ҡорос ҡатылығы юҡ ине. Мин бөтөнләй балаға әйләндем. Надя ла – бала. Миңә – 22, уға 20 йәш! Бәлки, шуның өсөн дә беҙгә йәшәү ҡурҡыныс та, шатлыҡ та булып тойолғандыр? Бәлки, шуның өсөн дә мин йүләр һүҙҙәр әйтәм дә, ул уға шулай уҡ йүләр яуап ҡайтаралыр? Бәлки, шуның өсөн дә беҙгә ҡапыл һалҡын, ҡапыл ялҡын бөркөләлер? Ә тыныс ҡына урталыҡ юҡ. Ярай әле, тәүге һөйөү үткән йөрәктән. Юҡһа, мин бөтөнләй аҡылдан яҙыр инем... Хушлашҡанда, беҙ иҫерек кеүек инек. Ул оҙатып ҡалды, ә мин осоп ҡайттым. Яҡтыра. 4 июнь. Бүлмәлә элекке эшсән ғаилә юҡ. Шау-шыу, оятһыҙ һүгенеү, әшәке һүҙҙәр. Рафаэль дә быға бит асыуланып йөрөй. Мин тешемде ҡыҫып түҙәм. Дузенов ҡайҙалыр бер яҙыусының ҡатыны менән ләззәтләнеп ҡайтҡан да ауыҙынан һеләгәйе ағып маҡтана. — Нишләргә инде? – ти Рафаэль. Көн генә һыуыҡ, юҡһа мин уларҙың йөҙөн дә күрмәҫ инем. 5 июнь. Б. Бурсовтың Белинский, Чернышевский, Добролюбов тураһында китабын уҡый башланым. Надя менән урман буйлап оҙаҡ һөйләшеп, йырлашып йөрөнөк. Надя матур йырлай. Ә мин, көйләп, һыҙғырам ғына. Һандуғас булып һайрайым, кәкүк булып саҡырам, ул рәхәтләнеп көлә. Етәкләшеп тә, ҡултыҡлашып та, ҡосаҡлашып та йөрөйбөҙ. Өшөтөп китһә, мин уны, ай-вайына ҡарамай, өйрөлтөп алам. Ай урағы ҡалынайып килә. Теге төндә ул ҡанлы кеүек ҡыҙыл ине, бөгөн һәттәй аҡ! Тәбиғәт ни тиклем кешенең эсенә инә! Әйтерһең, ул кеше күңеленә яраҡлашып ҡына тора. Бөгөн беҙ балалар кеүек ғәмһеҙ. Бер генә лә күңелһеҙ һүҙ юҡ. Йылға буйына, буралы шишмә янына, төштөк тә мөлдөрәп ятҡан ай урағына ҡарап торҙоҡ. Мин Надяны күтәреп алдым да: — Ташлайыммы һине шунда, алып сыҡ миңә алтын ураҡты! – тинем. — Ташлама, Рәми, һинең яныңда ғына ҡалғым килә, – тине ул, иркәләнеп. 6 июнь. Үлек кеүек йоҡлағанмын. Рафаэль ғәҙәттәгесә: — Тор инде, тор! – тип ҡабатлай. Хәҙер ул баштан һыйпап, әсә булып уятыу ғәҙәтен ташланы. Ләкин юғалған ролдәре урынына яңылары табылып тора. Беҙ хәҙер бөтөнләй бер-беребеҙгә күнегеп бөттөк. Бергә йәшәгән был йыл һуңынан иң яҡты иҫтәлек булып ҡаласаҡ. Кешене тик бергә йәшәгәндә генә белергә мөмкин. Рафаэлде мин бөтә ауырлыҡтарҙа ла, бөтә нәмәлә лә башҡаларҙан күберәк күрҙем, ләкин һаман да әле уның яңы сифаттары асыла. Шуның өсөн дә уның менән күңелһеҙ түгел. 8 июнь. Консерваторияға Рафаэль менән һуңлап барҙыҡ. Диплом яҡлау бөткәс кенә, Исмәғилевте (Заһир Исмәғилев, композитор) ҡотлаған саҡта ғына, индерҙеләр. Бик күп үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре, ҡыҙҙары килгән – студенттар, аспиранттар. Әхнәф Кирәй беҙҙең съезға ҡайтыуыбыҙ тураһында һорашты. «Салауат»ты тыңлай алмауыбыҙ үкендерҙе. 9 июнь. Төн. Күк күкрәй. Ҡойоп ямғыр яуа. Бөтә урман тотош ҡара стенаға әйләнде. Ҡапыл йәшен ялтлап китә һәм бөтә урман күгелйем яҡтылыҡ менән яҡтыра ла тағы телһеҙ ҡала. Ҡарағайҙар тоноҡ, ләкин ниндәйҙер мөһәбәт тауыш менән геүләй. Надя хәҙер эштән ҡайтып киләлер. Шундай ямғыр һәм күк күкрәүе аҫтында йәшен яҡтыһында мин уның менән урман буйлап йөрөгөм килә. Миңә шундай ҡурҡыныс ваҡытта ҡатын-ҡыҙ менән булыу нисектер һәйбәт. Был матурлыҡты мин бәләкәй саҡтан тоям. Һуғыш ваҡытында инәйем менән көҙгө төндә тирә-яҡта бүреләр олоп ултырған саҡта бесән тейәү ҙә, Ҡазан пристанендә Дилараның (Зөбәйерова – татар шағирәһе) мине шундай йәшенле ямғыр аҫтында оҙатып ҡалыуы ла тормошомдоң ниндәйҙер иң матур, ғәҙәттән тыш сәғәттәре булып ҡалған. Съезға ҡайтырға булдым. Рафаэль менән Рәйес дирекцияның рөхсәтен белеп ҡайтҡандар. Тик Надяны ҡалдырып китеү генә йәлерәк. 10 июнь. Имтихан бирелде. Ҡайтҡас, Надяға иң кәрәкле китаптарҙы һайланым. Ике сумаҙан. Киттем. Ул төнгө 1-ҙә генә ҡайта. Ҡайын аҫтындағы гамакта 3 сәғәт көтөп яттым. Унан ҡаршыларға киттем. Надя менән ҡаршылаған был таң – иң матур таңым! Уны, ахыры, ысынлап яратам. Мин бөтә донъяға ғашиҡ! Бөтә нәмә ҡулымдан килә кеүек. Китаптарға Надяның шатланыуы – бәхет! 11 июнь. Бөгөн Мәскәүҙәге һуңғы көн. Билет алдым. Надя эшләгән фабрикаға барып, уны саҡырып сығарҙым да төнгө сәғәт 2-лә китәсәгемде әйттем. Ул һөйләшә лә алмай тик тора. — Станцияға оҙата төшөрһөңмө? – тигәс, шатланып китте. 14 июнь. Өфө! Килеп еттем! Иң беренсе кемде күрермен, тип килә инем, Хәким Ғиләжев менән радиокомитетта эшләгән Лена килеп сыҡты. Өйләнешкәндәр. Ҡотланым. Тайфа осраны. — Бабай! – тип ҡысҡырҙы. Һөйләштек. Имтихан тапшыра икән. 15 июнь. Иртән ҡалаға сыҡҡас та Рафаэлде осраттым. Союзға киттек. «Әҙәби Башҡортостан»ға индек. Унда минең шиғырҙар, Рафаэлдең поэмаһы ята. Баҫмағандар. Мостай Кәримде осраттыҡ. Уның атайҙарса йылы йылмайыуы ниндәйҙер көс бирә. Минең был йылмайыуҙы һәр саҡ иҫемдә ҡалдырғым килә. 2 сентябрь. Философия үҙе бер айырым фән булып тормаған. Быны беҙ грек, ҡытай философиялары тарихынан да беләбеҙ. Донъяны таныуҙа философия ҡапма-ҡаршы ике – материалистик һәм идеалистик – тармаҡта үҫә башлай. Философик фекерҙең таңында уҡ әле грек философтары үҙҙәренең әҫәрҙәрен дидактик поэмалар менән яҙған, философия фән һәм сәнғәт менән ныҡ бәйләнештә булған. Бөйөк идеалист Платон грек прозаһының бөйөк художнигы ла. Тәүге грек материалистары диалектик та булалар. Улар ҡапма-ҡаршылыҡтар көрәшен дә, донъялағы бөтә нәмәнең дә хәрәкәттә, үҙгәрештә булыуын күрә. Бөтә философия тарихы – материализм һәм идеализмдың көрәш тарихы. Материализм һәм диалектика Марксҡа тиклем дә булған. Марксҡа тиклемге философия үҙ бурысын донъяны белеп аңлауҙа ғына күрһә, Маркс донъяның үҙен үҙгәртеүҙә күрҙе. Демокрит та, Эмпедокл да, Гераклит та, Бэкон да (яңы материалист) донъяны аңлатты ғына, ә үҙгәртеү тураһында һүҙ ҡуҙғатманылар. Бэкон белемдә көс күрҙе. Ләкин ул кешенең тәбиғәткә техник һөжүменән уҙып китә алманы. Ул фән көсөнөң тәбиғәткә булған мөнәсәбәтенә генә туҡтап, ижтимағи тормошто күрә алманы. Идеалистар – Гераклит, Гегель – донъяны хәрәкәттә, үҫеүҙә күрҙеләр, әммә ҡапма-ҡаршылыҡтар тарихын өйрәнмәнеләр. Италиялағы Кампанелла, Франциялағы Сен-Симон һәм Фурье, Англиялағы Роберт Оуэн – социал-утопистар. Ләкин улар социализмды нигеҙләүҙә идеалист булып ҡалды, революцион хәрәкәттең башында тора алманылар. Боронғо Ҡытай һәм Индия философияһы ғәҙәттән тыш бай, тик ул өйрәнелмәгән әле. Боронғо Грецияла философия беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта уҡ барлыҡҡа килә. Ҡара диңгеҙ ярҙары гректар тарафынан баҫып алына. Бәләкәй Азиялағы гректар Көнсығыш халыҡтары менән аралаша башлай һәм грек философияһы континенталь Грецияның үҙендә түгел, ә ситтә барлыҡҡа килә. IV быуатта грек философтары донъяның үҙгәреп тороуын күрә. Фалес та, Анаксимандр, Анаксимен да донъяның нисек барлыҡҡа килеүен, ҡайҙа табан хәрәкәт итеүен белергә тырыша. Фалес – Һыуҙы, дымды тәбиғәттең төп стихияһы тип атай. Ул донъя һыуҙан яралған, ти. Анаксимен донъя башланғысын һауала күрә. Анаксимандр билдәле булмаған матдәне таный. Фалес үҙе сәйәхәтсе купец була. Милеттан Египетҡа килеп, математика һәм астрономия башланғыстары менән таныша. Нил йылғаһының ташып тороу хәленә Египет халҡының экономикаһы бәйләнгән. Нил – туйҙырыусы йылға. Уның ҡасан ташырын белеү өсөн күк есемдәрен өйрәнеү – астрономия, ерҙе үлсәү өсөн геометрия фәндәре барлыҡҡа килә. Фалес, был фәндәрҙе өйрәнеп, ҡасан ҡояш тотоласағын әйтә. Пифагор – легендар шәхес. Ул донъя һандан яралған тигән фекерҙе әйтә. Пифагореецтар тәү башлап һандың сифатҡа күсеүен билдәләйҙәр. 8 сентябрь. Мәскәүгә килгәндән бирле тәүге яҡшы көн – яҙҙым. Бетховендың Ромэн Роллан яҙған бөйөк тормошон уҡыным. Ню-ранан китаптарҙы килтереп, бөтәһен тәртипкә килтерҙем, кәштәләргә урынлаштырҙым. Күңелгә нимә етмәй тиһәм, китаптарҙың үҙ янымда булмауы шулай күңелде өйкәп торған икән. Рафаэль инде тәүге имтиханын да биреп ҡайтты. Тәүге уҡыу көнөндә үк Ләлә Биишеванан хат килеп торған. Силәбе өлкәһенең «Бүре» совхозында уҡыта башлаған. Яҡшы хат. Шәп уҡытыусы буласаҡ. Уның менән бәйләнеште өҙмәҫкә кәрәк. Рифҡәт китап сығыу менән ебәрергә тейеш. Түҙемһеҙлек менән көтәм. Әллә нисек, үҙ күҙҙәрем менән күреп, үҙ ҡулдарым менән тотоп ҡарамайынса, күңел ниңәлер ышанып етмәй. Бөтә аҡсаны таратып бөттөм. Бурыстарҙы түләнем. Әсғәттең хәле хөрт икән – уға 100 һум ебәрҙем. Рауилгә лә, Уралға ла – 100-ҙәр һум. Өйҙө йүнәтеү өсөн дә 600-ҙән артыҡ аҡса китте. Тағы үҙем буп-буш ҡалдым. Бишенсе йыл! Еңелгә тура килмәне был йылдар миңә. Шулай ҙа бөтә ҡаршылыҡтар ҙа еңелде. Аҙ эшләмәнем. Хәҙер инде икенсе китапты әҙерләй башларға кәрәк. Етдиерәк темаларға тотонорға кәрәк. Тормоштоң үҙенә, кешеләргә! Күп йырланым үҙемде. Был юлды тарайта. Мостай Кәрим был хаҡта миңә бер нисә мәртәбә иҫкәртте инде. Тематикаң тар, ти. Дөрөҫ. Ләкин мин үҙемде аша һикерә алмайым. Аяғыңды һындырырһың. Ә әҙәбиәт хәҙер минең бөтә тормошома әйләнде. Мин унан бер аҙым да ситкә китә алмайым. Институтты бөткәс тә хәбәрсе булып эшләй башларға кәрәк. Газетала эшләгән быйылғы йәйҙән һуң мин был уйҙың дөрөҫлөгөнә тағы нығыраҡ ышандым. Хәбәрсе – тормош эҙләүсе. Бөтә нәмә асыҡлығы, бөтә тәрәнлеге менән иң элек уның күҙенә ташлана. Ул эҙләй, таба. Әммә бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк. Тормош ауырлыҡтары менән матур. Ял көнө Рәшит Гәрәев менән Ленин тауҙарына барып ҡайттыҡ. Мин бер татарыбыҙ ҙа булды, тип бик шатландым. Минзәлә егете. Татарстандан беренсе курсҡа бер үҙе генә эләккән. Бер-беребеҙҙең шиғырҙары, тормошо менән таныштыҡ. Тәүге китабы ла сыҡҡан. Миндә яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Мостай Кәримде бик ярата. Үҙҙәренең шағирҙарынан бигерәк тә Сибғәт Хәкимде телгә ала. Мин уға «Әсәм ҡулдары»н уҡығас, ул үҙенең әсәһе хаҡында бик тулҡынланып, һағынып һөйләне. Һәм был миңә бик ныҡ оҡшаны. 10 сентябрь. Ҡол биләүселәр демократияһы ваҡытында сәйәси көрәш киң ҡолас ала һәм ораторлыҡ сәнғәте – риторика бик ныҡ үҫә. Сицилияла, һуңынан Афинала сәйәси белемдәр өйрәтелә. Был белемгә өйрәтеүселәрҙе софистар тип атайҙар. Улар был ваҡытта оҫта драматургтар, композиторҙар була. Традицион белем һәм тәғлимәттәр софистар тарафынан ҡаты тәнҡитләнә. Һәр нәмәне лә үҙҙәре теләгәнсә раҫлай был софистар. Мәҫәлән, былай: йәшәйеш бар ҙа, юҡ та. Софистикаға Сократ ҡаршы төшә. Ул ҙур аҡыл эйәһе була, тормош тураһында үҙенең ижтимағи-сәйәси фекерҙәрен пропагандалай. Ул Афина демократияһынан көлә, ҡаты тәнҡит аҫтына ала. Уның оппозицияһы Афина хөкүмәтенә ҡурҡыныс һала һәм ул хөкөмгә тарттырыла – үлем язаһы бирелә. Уны ағыу эсереп үлтерәләр. Сократ философияны дөрөҫ йәшәү фәне, тип атай, ул кешене йәшәү сәнғәтенә өйрәтергә тейеш, ти. Бының өсөн белем кәрәк. Белем – фекер. Ләкин һәр фекер белем түгел. Иҫбатланған фекер генә – белем. Философияның төп лозунгыһы, уныңса: познай самого себя! Ә тышҡы донъяны аңлап белеү мөмкин түгел, ти. Сократ донъяны таныуҙан бөтөнләй баш тарта. Был идеализм менән материализдың тәүге бәрелеше була. Сократ – идеализмдың тәүге ҙур вәкиле, нигеҙ һалыусыһы. Сократ мәктәбендәге уҡыусылар араһында ҡапма-ҡаршылыҡлы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Платон идеализмы объектив төҫ ала. Платон үҙенең Афинала урынлашҡан йәмғиәт ойошмаһын Академия тип атай. Сөнки был ойошма урынлашҡан йорт Академо тигән батырға ҡуйылған һәйкәл эргәһендә була. Хәҙерге академия һүҙе шунан башланып киткән. 16 сентябрь. Мөршиҙәнең (һеңлеһе) хатын алдым. Мәүлиҙә үлгән, тигән. Ул юҡ донъяла! Башҡа һыймай. Ышанмайым. Ышана алмайым. Мәүлиҙә юҡ. Мәңгегә юҡ! Минең тәүге шиғырҙарымды яҙҙырған Мәүлиҙә юҡ. Беҙҙең тау башында ҡайындар араһында һөйләшеп ултырған көн тәүгеһе һәм һуңғыһы булған. Ниндәй яҡты ине ул көн!.. Ниндәй йылы ине... Ниндәй үкенесле ғүмер! Беҙ бер-беребеҙҙе яҡты балалыҡ тойғолары менән яратыштыҡ. Бергә уҡыныҡ. 7 йыл үткәс, тәүге ҡабат бергә ултырып, һөйләштек, шаярҙыҡ, ҡайындарға һоҡландыҡ, мәтрүш сәскәләрен еҫкәнек. Хушлашҡанда, айырыла алмай, бер-беребеҙгә бер ҡасан да онотолмаҫлыҡ итеп ҡарашып торҙоҡ, ҡайын аҫтында үҫкән ике пар бөрлөгәнде бүлешеп ашаныҡ... Йәшлек әле генә башланған саҡта, ул юҡ! Мәүлиҙә, Мәүлиҙә! Хатта мин кисерә лә алмайым. Йөрәк ышанмай. 18 сентябрь. Үҙебеҙҙең Переделкинола Леонид Леонов менән осраштыҡ. Кергәс үк беҙгә: — Мин бит һеҙҙең менән әрләшергә килдем, – тине һәм, ысынлап та, тиргәй башланы. «Я не верю в таланта с алкоголем, как не верю в хирурга перед операционным столом в пьяном виде». Яҙыусыға сәләмәтлек кәрәге хаҡында һөйләне. Хатта тәмәке тартырға ла ҡушманы. 20 сентябрь. Өсөнсө ҡабат Ясная Полянала булдым! Толстой музейында был барыуҙа мине бер башҡорт кешеһенең Толстойға бүләк иткән сылбырлы ҡашығы ғәжәпләндерҙе. Бик оҫта итеп ағастан юнып эшләнелгән (сылбырҙары ла ағас). Толстойҙың һуңғы секретары Булгаковтан был ҡашыҡ тураһында уға ғәрәпсә ни яҙылғаны хаҡында һораштым. Ул: «Граф Лев Николаевич Толстойға Арыҫланғәле Солтановтан», тип яҙылған», – тине. Бының тарихын белергә ине! Былтыр барғанда нишләптер был ҡашыҡты күрмәгәйнем. Толстойҙың китапханаһында ни тиклем хазина! Әҫәрҙәренең һуңғы баҫмаһы ғына ла 96 томдан тора. Шуларҙың 30 томы – тик хаттар! Ясная Поляналағы китапханаһында китаптары 22 мең томлыҡ! Ул 12 телдә уҡый белгән. Ғәжәп! 29 сентябрь. 24 сентябрҙә Колонный залда Абай кисәһе үтте. Әнүәр Бикчәнтәев менән бергә ултырҙыҡ. Асыҡ, йылы, бик ябай кеше. Кисә Рифҡәттән сығып килгән китабымдың «таҙа биттәрен» алып, сикһеҙ шатландым. «Йүрүҙән» – минең үҙ балам. Мин уны бөтәһенән дә яҡыныраҡ күрәм. Ләкин уның менән генә ҡәнәғәт була алмайым. Үҙем теләгән ҡайһы бер шиғырҙар китапҡа инмәй ҡалды. Нисек ҡаршыларҙар инде... Китапҡа Мостай Кәримдең рецензия яҙыуын бик теләр инем. 30 сентябрь. Көн ямғырлы. Япраҡтар ҡойола. Баланың тәүге фәне – әкиәт. Әкиәт – тәүге тәрбиәсе. Ул балаға иң аңлайышлы донъя. Ә бишек йырынан башлап баланың тойғоһон гармониялы тәрбиәләү башлана. Ҡыҙ бала ҡурсаҡ уйнатһын, ир бала ҡулына уйынсыҡ алһын. Баланың ҡулын тәрбиәләүгә бик ҙур иғтибар итергә кәрәк. 1 октябрь. Константин Федин менән осраштыҡ. 2 октябрь. Ислам дине VII быуатта Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Шул ваҡытта уҡ мосолмандарҙың изге китабы – Ҡөрьән, изге риүәйәттәр (сөннәттәр) төҙөлгән, дини закондар (шәриғәт) эшләнгән. Ҡөрьән йыһандың килеп сығыуын шулай аңлата: «Алла «бул» тигәс тә «күк һәм ер» барлыҡҡа килгән». Ҡөрьәндә яҙылғанса, алла йыһанды бик ҙур оҫталыҡ менән, һис бер етешһеҙлеккә юл ҡуймай, 6 көн эсендә яратҡан. «Бер-береһе өҫтөнә көмбәҙ ҡуйып, алты күкте яратҡан». Күк йөҙөн ул «унда бер генә лә ек ҡалмаҫлыҡ итеп» төҙөгән һәм биҙәгән. Ҡөрьән (Библиялағы кеүек үк) Әҙәм һәм уның бисәһе тураһындағы һәм уларҙың тормошон кешелек донъяһы тарихының иң бәхетле «алтын быуаты» итеп күрһәтеүсе хикәйәләрҙән тора һәм теге донъялағы ожмахты һүрәтләй. Ҡөрьән Евангелиеның яуызлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтмәү тураһындағы тәғлимәтенә оҡшаш. Ҡөрьән дә, Евангелие ла хеҙмәтсәндәргә үҙҙәренең иҙеүселәрен яратырға тәҡдим итә. Ҡөрьән быны «мосолмандар» булған өсөн, ә Евангелие «яуызлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтергә ярамағанлыҡтан» шулай эшләргә ҡуша. Минеңсә, яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән түгел, ә яҡшылыҡ менән яуап бирергә кәрәк. 6 октябрь. Төнгө сәғәт 3-сө ярты. Мин бөгөн бик бәхетле: лекцияларҙан һуң күпте көткән почта миңә үҙемдең тәүге китабымды – «Йүрүҙән»де килтерҙе! Бына ул «Йүрүҙән» – эргәмдә ята! Әгәр ҙә хәҙер атайым иҫән булһа, мин уға бөгөн ҙур хат яҙған булыр инем. Ә ул минең, беҙҙең йәшлегебеҙҙе һаҡлап һәләк булды. Әле бына Р. Островскаяның Николай Островский тураһындағы китабын уҡып сыҡтым да әллә нисек күңел тулып китте. «Ҡорос нисек сыныҡты» – минең тәүге мәктәбем һәм тәүге ҡабат йәшәү тураһында бәләкәй генә йөрәгемә ҙур ут һалған китап был. Островскийҙың Тормош тураһындағы бөйөк һүҙҙәре минең үҙ ғүмеремдең иң яуаплы сәғәтенән ҡотҡарып алып ҡалды. Ағиҙел күпере аша сыҡҡанда поездан һыуға һикерергә ҡулды ысҡындырған саҡта был һүҙҙәр мине тотоп ҡалды һәм мин яңынан тормошҡа ҡайттым. Уға инде бына дүрт йыл үтте. Һәм бына шул иң ауыр йылдар эсендә мин иң матур тормошомдо йәшәнем һәм бына уның тәүге емеше – «Йүрүҙән»! Ҙур һүҙҙәр яҙғым килмәй. Ләкин мин ҙур эш эшләйәсәгемә ышанам. Мин кешеләргә кәрәкле! Йүрүҙәнем, был төндө һин дә хәтереңдә һаҡла! Рафаэль миңә бөтә китапты ҡысҡырып уҡып сыҡты. 7 октябрь. Горький Октябрь революцияһын иртәрәк тип ҡараған! Ленин, Сталин Горькийға уның «хатаһын» бөтә йөрәктән аңлата. Ләкин Горький үҙ фекерен Ленинға һөжүм яһалғандан һуң ғына үҙгәртә. Шекспир, Маркс, Ленин, Горький – кешелек өсөн иң күп эшләгән кешеләр. Донъяның бөйөк кешеләре, иң-иң кешелекле һәм иң-иң тәрән кешеләре – минең өсөн мәңгелек ҡояштар. Мин уларҙың яҡты аҡылын, ҡайнар йөрәген тик ҡояшҡа ғына сағыштырыу мөмкин икәнлегенә ышанам. Художник булыу яғынан Толстой миңә бөтәһенән дә (Шекспирҙан башҡа) юғары. 30 октябрь. Добролюбовтың мәҡәләләрен ҡабат уҡып сыҡтым. Бик оҙаҡ уҡыным. Мәктәптә уҡыған саҡтағынан хәҙер бер ни ҙә ҡалмаған. Бөтөнләй яңыса аңлайым, яңыса тоям. Уҡып бөткәс, Сүриәгә ҙур хат яҙҙым. Хәҙер мин тик уның менән генә яҙышам. Ғәжәп ҡатын ул! Рафаэлгә минең был бәйләнеш көлкө тойола. Әгәр ҙә ул минән бер нисә йәшкә йәш ҡыҙ булһа, мин, һис һүҙһеҙ, унда үҙем теләгән ғүмерлек юлдашымды күрер инем. Мин әле бер ниндәй ҡатын-ҡыҙға ла шундай ҙур хөрмәт менән ҡараманым. Ул миңә бик ҡәҙерле. 31 октябрь. Үтә ваҡыт! Мин һаман да имтихан тапшырмай йөрөйөм. Хәҙер инде ҡышҡы сессия ла килеп етте. Стипендия түләмәйҙәр. Бер нисек тә үҙ тормошомдо әҙәм рәтле ойоштора алмам, ахыры. Нисек йәшәрмен мин киләсәктә? Ауыр миңә үҙ тәбиғәтемде еңеү. Шул тиклем мин китап кешеһе!.. Ысынлап та, мин атайыма оҡшағанмын. Ул да бит үҙенең эшенән башҡа нәмәне белмәгән. Фәйзи ағай уның һуғышта үлеп ҡалыуын үҙе тураһында уйлай белмәүенән, хәйләһеҙ булыуынан күрә. Миңә лә бит уның кеүек ғүмер буйы һалдат булаһы ғына ҡалған! Әҙәбиәтсе булыу миңә бик ауыр буласаҡ. Миңә үҙ яҙмышын бәйләгән кеше ни тиклем түҙемле булырға тейеш. 14 декабрь. Иртәгә совет яҙыусыларының II съезы асыла. Уның нисек үтеүенә бөтә донъя ҡарап тора. Мин был съезды М. Горький исемендәге институттың һуңғы курсы студенты булып, үҙемдең тәүге китабым менән ҡаршы алам. Ә тәүге съезд үткәндә мин ике йәшлек бала ғына булғанмын. Бынан һуң егерме йыл үткән. Эш муйындан. Имтихандар килеп етте. Зачеттар башланды. Диплом өҫтөндә лә ултырырға кәрәк. Көҙгө бурыстар ҙа бар. Ноябрь һәм декабрь айында уҡылғандарҙы мин бер йыл буйына ла уҡый алмағанмындыр. Бик арытты. Аҡса яғы бик хөрт. Тик институтты тамамлау өмөтө генә дәртләндереп тора. Диплом эшем – «Йүрүҙән». Семинарҙа ул хупланды. Подстрочниктар менән генә яҡларға тура килер, ахыры, тәржемәләр юҡ. Кисә Шакир, Рәйес, Рафаэль һәм мин үҙебеҙҙең делегаттарҙы ҡаршы алырға төштөк. Поезд килеп туҡтау менән вагондарға ҡаршы йүгерҙек. Бына иң тәүҙә Әкрәм Вәли, уның артынан Әхнәф Кирәй, Рәшит Ниғмәти, Сәғит Агиш килеп төштө. Күрешеү уңайһыҙ булды. Улар беҙгә иғтибар ҙа итмәй. Алдан Хәниф Кәрим бара. Беҙ уларҙың сумаҙандарын тотҡанбыҙ. Автобуста Әхнәф Кирәй: — Ниңә алғараҡ ултырманығыҙ? – тине. Шакир: — Сумаҙандарығыҙҙы ҡарайбыҙ, сәлдереүҙәре мөмкин! – тип ҡысҡырҙы. Бөтәһе лә көлөштө. — Кем, Ғарипов ҡайҙа һуң? – Әхнәф Кирәй мине танымаған, күрәһең. Мин тимер юлсылар кейеме кейеп йөрөгәнгәлер инде. Башҡа төрлө бер нисек тә беҙгә һүҙ ҡушыусы булманы. Автобус «Гранд Отель» ҡунаҡханаһында туҡталғас, сумаҙандарҙы алып подъезға йүнәлгәйнек, былар, кереп йөрөмәгеҙ инде, тигән һымаҡ, сумаҙандарын алып та өлгөрҙө. Мин эстән генә: — Һеҙме яҙыусылар? – тип ҡысҡырҙым. Ғәрлегемде баҫырға тырышып, уларҙы ололап ҡаршы алырға килеүебеҙгә бик үкендем. Юҡ, беҙ иң бәләкәй генә иғтибарға лайыҡлы инек! Надяны күптәнән бирле күргәнем юҡ. Бик күрге килә. Беҙҙең арала бик сәйер мөнәсәбәт. Ул ярата мине. Мин уның был тойғоһон бик хөрмәтләгән кеүекмен. Яратҡан кеүекмен уны. Тик мин уны ла, үҙемде лә бер ни менән дә өмөтләндермәйем. Әммә ул булмаһа, мин үҙемде һаҡлай алмаҫ инем кеүек. Ул йылытты мине. Яҡтылыҡ бирҙе миңә, һәм иң ауыр мәлдәрҙә уның менән йыуандым, шатландым. Бәлки, мин уны үҙемдең ҡорбаным итәмдер. Ләкин мин уның менән үҙемде һәр саҡ сафланған кеүек тоям. Яңырам, көсәйәм. Ғәжәп! Ләкин был ҙур яратыумы? Белмәйем. Шулай ҙа ул яҡын, ҡәҙерле бик. Бына ул үҙе лә килеп етте. Уның «һағындым» тиеүе мине шатландыра. — Ниңә шулай һин миңә ғәзиз икән? – ти Надя. Ә мин көләм... Надяларҙа сәй эстек, һүҙҙәр осраҡлы һәм мәғәнәһеҙ. Ләкин беҙгә яҡты, күңелле. Ҡайтҡанда һуң ине. Йырлай-йырлай атлайым. Бөтә донъяны ҡосаҡлап алғым, ҡарға ятып аунағым, йүгергем килә. Ярты төн уртаһында бер үҙем башҡа килгән шиғырҙарҙы уҡыйым, йырлайым. Ғәжәп! Ниңә һуң ул бер башҡорт ҡыҙы түгел? Уға әле мәктәп тамамларға, институтта уҡырға, ә миңә тулы тормош менән йәшәй башларға кәрәк. Мин уға үҙемдә булған нәмәнең тамсыһын да бирә алмайым. Беҙҙең арала бик бейек, бик ҡалын китаптар ҡәлғәһе тора. Был ҡәлғәне мин бөтә ғүмерем буйы тырышып һалдым, уны емереү мөмкин түгел – был минең тормошом. Мин уны үҙем торған баҫҡысҡа күтәрә лә, үҙем ул торған баҫҡысҡа төшә лә алмайым. Ә уның иң ҙур маҡсаты – минең менән бәхетле булыу ғына. Ләкин был минең өсөн бик аҙ, мин ҡомһоҙ... 15 декабрь. Яҙыусылар съезы көндөҙгө 4-тә башланған. Йәштәрҙе тәрбиәләү, алмашсылар кәрәклеге хаҡында һөйләүҙәр ҡоро һүҙ генә булып ҡалыуын дауам итә. Әҙәбиәт институтының 150-нән дә артмаған студентын онотоп ҡалдыралар. Бик үкенесле! 16 декабрь. Сурковтың съездағы телмәренән мин күберәкте көткәйнем. Ә ул библиографик отчет кеүегерәк. 20 йыллыҡ ҙур әҙәбиәтте теоретик яҡтан да дөйөмләштереү кәрәк ине. Анализ урынына ҡайһы бер ҙур яҙыусыларҙың исемдәре генә һанап сығылған. Көндөҙ институтта Недоседкинды тикшерҙек. Ул беҙҙең күрше бүлмәлә Леонов тураһында алама һүҙҙәр әйткән. Горькийҙы (!) яҙыусы түгел тигән. Алексей Толстой тураһында: «Әгәр ҙә Толстой эмиграциянан Советтар Союзына ҡайтмаған булһа, ул сит илдә яҡшыраҡ әҫәрҙәр яҙа алыр ине һәм «был бы более русским писателем», – тигән. Рафаэль был һүҙҙәрҙе ҡағыҙға яҙып ҡуйған. Ә Егор Исаев, беҙҙең бүлмәгә инеп, Рафаэлдән ни ишеткәнен һорашып ултырған да иртәгеһенә был хаҡта курс парторгы Ванцет Чукреевҡа әйткән. Шунан – йыйылыш. Унда мине Шәрип Әлбәриевтең, «башҡорт» һүҙенә баҫым яһап, Рафаэлде ошаҡсылыҡта ғәйепләүе ғәжәпләндерҙе. Бик асыуым килде. Рафаэлдең һүҙ йөрөтә торған сифаты юҡ! 17 декабрь. Съезда Ғәйнан ағайҙың Сәғит Агишты үҙ әҫәрҙәрендә автобиографияһын яҙыуҙа ғәйепләүе көлкө. Әҙәби әҫәргә былай ҡарау Горькийҙы трилогияһы өсөн ғәйепләүгә килтерер ине. 21 декабрь. Иртә менән бөтә газеталарҙа ла – Сталин рәсеме. Ул үлгәндән һуң уның исеме элеккесә яңғырауынан ҡапыл икен- се төрлө ишетелә башлағайны. Газета-журналдар ҙа тынып ҡалғайны. Ә халыҡта был сәйерерәк тойғо тыуҙырҙы булһа кәрәк. Редакторҙар шәхес культынан ғәҙәттән тыш өркә башланы. 22 декабрь. Институтта Анна Зегерс һәм Эрнест Фишер менән осрашыу булды. Улар съезд тәьҫирҙәре менән уртаҡлашты. Фишер Шолоховтың съездағы сығышы менән теләктәш түгел икәнлеген белдерҙе. Мин үҙем Шолоховтың телмәрен тыңлай алмай ҡалдым, шуға ла билдәле бер фекерем юҡ. Съезға беҙ, студенттар, инә алмайбыҙ. Ә шул уҡ ваҡытта институттағы ниндәйҙер лаборанткалар, машинисткалар унан ҡалмай йөрөй! Бик асыу килә. Кис Рафаэль, Шакир һәм мин ГИТИС ҡыҙҙары янына барып килдек. Атнабаева Зинира – бик батыр ҡыҙ. Үҙен иркен тота. Ул – «Ҡыҙыл таң», мин «Совет Башҡортостаны»нда эшләгән сағыбыҙҙа ай ярым тәҙрә аша ҡарашып ултырҙыҡ, әммә мин уны яҡындан күргәнем юҡ ине. Мин кис буйы ҡыҙҙар һымаҡ уңайһыҙланып, һөйләшергә һүҙ тапмай ултырҙым. Ярай әле Шакирҙың теле һөйәкһеҙ! Сарлап ҡуйған кеүек. Ни генә әйтһә лә, урынында булып сыға. Гөлсәсәк Мөбәрәкова бик тәмле сәй менән һыйланы. Тауышы иҫ киткес! Йомшаҡ, яғымлы. Әсәһенә – Рәғиҙә Янбулатоваға – бик оҡшаған. Мин уларҙың өйҙәренә барып йөрөгән саҡта, Гөлсәсәк бөтөнләй бала ғына ине. Күҙ алдымда уның ҙур бер ҡурсаҡ ҡосаҡлап йөрөүе ҡалған. Ә хәҙер ул һоҡланғыс ҡыҙ инде! Уға хатта Рафаэлдең дә күҙе төшкәс, мин был баһамдың дөрөҫлөгөнә ышанам. Бөтә һөйләшеү бик тәбиғи килеп сыҡты. Бик күп көлдөк. Өс ҡыҙ – өсөһө өс төрлө. Яңы йылды ҡаршылағанда мин уларҙы бик ныҡ күҙәтергә тейешмен. Надя мине бик ныҡ белә инде. Бер ҡарауҙан уҡ минең «серҙе» күреп аласаҡ. 23 декабрь. Съезға инә алманым! Ишек төбөндә бер сәғәттән дә артығыраҡ тилмереп тороу шул тиклем ғәрләндерҙе. Иртәгә һуңғы тапҡыр ынтылып ҡарарға ла Мостафа ағайҙы осратырға кәрәк. Шакир, Рәйес, Рафаэль билет тапҡандар, мин ауыҙ асып ҡалдым. Йүнһеҙ! 24 декабрь. Съезға инә алманым. Мостай Кәримде күреүҙең файҙаһы булманы. Рәшит менән ҡунаҡханаға барып, Сибғәт Хәким менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул беҙҙе ресторанға алып инеп һыйланы. Шунда Мостай Кәрим менән Сәйфи Ҡудашты күреп һөйләштек. — Алданыраҡ киләләр уны, – тине Мостафа ағай. – Китабыңа үҙем рецензия яҙырға ла ҡанатланып ҡуйғайным әле, – тине ул. Сибғәт Хәкимгә инеп, татар яҙыусылары менән күрешеп ҡалдым. Абдрахман Әпсәләмов, Зәки Нури, Фатих Хөсни, Ҡәүи Нәжми менән таныштым. Зәки Нури, уҡып бөткәс, Ҡаҙанға эшкә кил, тип ҡысҡырҙы. Татарҙар үҙҙәренә эләктерергә генә торалар, юҡ инде, – тип ҡуйҙым эстән генә. Ҡәүи Нәжми Шолоховтың сығышынан риза түгел. — Партия менән былай ҡапма-ҡаршы килеү шәп түгел инде! – тип ҡыҙып һөйләне. Сибғәт Хәким бик ябай, йомшаҡ кеше. Бик оҡшаны. 25 декабрь. Роберт Бернсты уҡып яттым. Рафаэль съездан бик һуңлап ҡайтты. Ул Назар Нәжмигә Мәлих Харистың йыйынтығын насар сығарыуын әйткән. Ә Нәжмигә был оҡшамаған. Беҙ үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың бик бәләкәй кеше булыуҙары тураһында һөйләшеп яттыҡ. Бик күп студенттар Шолоховтың сығышына табынып һөйләй. 1955 13 ғинуар. «Тымыҡ Дон»ды уҡыйым. Элек уҡымаған өсөн үкенмәйем. Миңә хәҙер уҡыу яҡшы. Тик ваҡыт ҡына тар. Имтихандар... Институттағы һуңғы көндәр. Ә унан һуң?.. Күҙ күрер. Хәҙергә эштәр хөрт. Стипендия юҡ. Ә бурыстар ике меңдән ашып китте. Шулар йөрәкте өйкәп тора. Ҡайҙа эшкә ҡайтырға? «Совет Башҡортостаны»на ҡайтһам, хәбәрсе партия ағзаһы булырға тейеш. «Ленинсы» газетаһында бик күңелһеҙ буласаҡ. Ниндәйҙер ҡыҫыр газета был. Ә миңә тормош кәрәк! Кисә Надяны Киев вокзалына барып ҡаршы алдым да электричкала бергә ҡайттыҡ. Вокзалда уға ниндәйҙер бер иҫерек егет бәйләнеп маташа ине. Надя, мине күреп, ҡысҡырып ебәрҙе. Мин тыныс ҡына барҙым да, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, уның ҡулынан тотоп, етәкләп алдым. Надя ҡурҡҡан. Минең килеп сығыуға шатланды. Поселок осонда ғына аҫты йолҡонған бесән кәбәнен табып алып, уның аҫтында бик оҙаҡ ҡосаҡлашып торҙоҡ. Төн йылы һәм тын. Ваҡыт-ваҡыт эттәр өргән тауыш ишетелә, төнгө самолеттар геүләп уҙып китә. Кәбәндән хуш еҫ аңҡый. Надяның ҙур ҡара күҙҙәрендәге ялҡын томалана һәм оҙон ҡара керпектәре аша ҡомһоҙ ҡараған был күҙҙәрҙе мин ирендәрем менән ябам... 14 ғинуар. «Тымыҡ Дон»дың беренсе китабын уҡып сыҡтым. Шолохов – ниндәй көс! Күптән минең бындай китапты уҡығаным юҡ ине. Ни тиклем тормош!.. Һаранлыҡ эсендә иҫ киткес байлыҡ! Бөйөк художник Шолохов!.. Иртән тороуға буран ҡотора. Унда ниндәйҙер матурлыҡ бар. Тәбиғәттең ғәҙәттән тыш күренештәре миңә һәр саҡ матур күренә. Күңелдә лә дауыл ҡотора. Рафаэль менән беҙҙең дуҫлыҡ юғала бара. Беҙ бик оҙаҡ, ауыр дуҫлаштыҡ. Хәҙер иһә беҙҙең арала уртаҡ булған тик бер генә нәмә ҡалды – Әҙәбиәт. Ләкин хәҙер беҙ әҙәбиәтте лә икебеҙ ике төрлө аңлайбыҙ шикелле. Ҡайһы саҡта мин үҙемде әҙәбиәт кешеһе итеп тоймайым. Быға ниндәйҙер ғәҙәттән тыш кешеләр кәрәк кеүек. Ә мин?.. Ҡыйын миңә үҙ-үҙем менән көрәшеү. Үҙемә үҙем ауыр мин. Институттағы был һуңғы йыл ниндәйҙер буталсыҡ, аңлайышһыҙ йыл булды. Ә китабымдың сығыуы шиктәремде көсәйтә төштө. Яҙа алырмынмы мин? Әллә был тәүге китап һуңғыһы ла буласаҡмы? Белмәйем. Бары ҡайҙалыр йөрәктең иң төбөндә ниндәйҙер өмөт яҡтыһы бар. Шул ғына мине йылыта. Төрлө яҡтан да ҡурҡыныс бер ҡамау эсендә ҡалдым. Иң ауыры – яңғыҙлык. Буш, мәғәнәһеҙ, һалҡын яңғыҙлыҡ! Тик мин уны бөтәһенән дә йәшерәм. Бөтәһе лә әҙәбиәт өсөн башланды, бөтәһе лә әҙәбиәт өсөн бөтә... Бүтән бер ниндәй эш тә шул тиклем кешенең иң ғазаплы, иң ауыр, иң нескә тормошона әйләнмәйҙер... Был – ҡот осҡос ауырыу!.. 24 ғинуар. «Тымыҡ Дон»ды уҡып бөтөрҙөм. Һоҡланып бөтә алмайым. Ярай әле, элек уҡымағанмын. Ҙур мәктәп! Көткәндән күберәк алдым. Көнө-төнө Шолохов геройҙары менән йәшәнем һәм бына бөгөн уларҙан айырылыу моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла. Миңә хәҙер 23 йәш. Ә Шолохов 23 йәшендә «Тымыҡ Дон»дың ике китабын сығарған! Китаптың һәр юлында поэзия һәм кешелеклелек! Тик тәбиғәтте һүрәтләгән биттәрҙе бергә йыйып, айырым бер китап итеп сығарғанда ғына ла ғәжәп бер поэма булыр ине. Тәбиғәт үҙе генә лә китаптың үлемһеҙ бер геройы. Ярты ай буйы мин бөйөк һәм ҡот осҡос тормошта йәшәп сыҡҡан кеше кеүек булдым. һуңғы главаны тағы бер ҡабат уҡып сыҡтым, яҡшылап ҡырындым да Надяға йүгерҙем. Өйҙә юҡ ине. Станцияға йүгерҙем. Поезға ултырып киттем. Надя вагонда юҡ. Ә минең уның менән китаптан алған тәьҫораттарымды уртаҡлаша һалғы килә. Надя Переделкинола поездан төшкәс тә күренмәне. Икенсе поезды көттөм. Ул юҡ. Тағы өйҙәренә йүгерҙем. Тәҙрәләренән генә ҡараным да тағы станцияға төштөм. Поездар үтеп торҙо, ләкин ул күренмәне. Бәлки, икенсе юлдан ҡайтҡандыр тип, тағы уларға йүгерҙем. Ләкин ул һаман да юҡ. Кире станцияға киттем. Һуңғы поезд менән килгән кешеләр араһында ла күренмәне. Кире йүгерҙем. Буран ҡотора. Ә миңә эҫе. Надяны өйҙәренә етер саҡта ғына ҡыуып еттем. Ул бик ғәжәпләнде. Өйгә инеп сәй эскәндә мин үҙ-үҙемдән көлөп тик ултырҙым. — Ниңә йылмаяһың? – ти Надя. — «Тымыҡ Дон»ды уҡып бөтөрҙөм! – тим. Ләкин хәҙер уға был хаҡта һөйләү нисектер ҡыҙғаныс тойолдо. Байрам үткән һымаҡ тойолдо. Надя ҡулдарын минең тубыҡҡа һалып: — Һинең ирендәрең ниндәй киҫкен, ә үҙҙәре балаларҙыҡы кеүек! – тине. Шунан ҡапыл ғына торҙо ла, «Предшественник» романын алып килеп, минең ҡосаҡҡа һыйынып, Ольга Сократовнаның һәм Чернышевскийҙың ғаилә ҡороп бергә йәшәй башлаған мәлдәрен, Чернышевскийҙың Ольга Сократовнаны офицерҙарҙан көнләп бик ныҡ кисереүен һүрәтләгән главаны уҡыны. Ниңә? Белмәйем. Ләкин Надяның был хаҡта уҡыуы миңә бик оҡшаны. Нимәһе менән мине үҙенә шулай бәйләй һуң ул? Яратыумы был, түгелме – һаман да аңламайым. Бына бер йыл инде ул минең уйҙан сыҡҡаны ла юҡ. Ғәжәп. Баш етмәй хатта. 26 ғинуар. Кис Егор Исаев менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Йыр, тәбиғәт (асфальт, үлән), әҙәбиәт һәм тормош, тәбиғилек һәм яһалмалылыҡ, мөхәббәт һәм ахмаҡлыҡ, ат һәм самолет, генерал ҡатындары, диңгеҙ, урман, «Тымыҡ Дон» һәм «Күтәрелгән сиҙәм», тормошто баһалай белеү тураһында һөйләштек. Шундай фекергә килдек: — Кеше үҙенең характерын тормош эсендә ҡайнап, көрәштә тәрбиәләргә тейеш. — Ахмаҡлыҡ һәр саҡ күҙгә күренеп йөрөй, һәр саҡ тәлмәрйен кеүек һикереп сыға, ә аҡыл тәрәндә ята, ҡысҡырып тормай. — Яҡшыны эҙләгәндә насарлыҡ күберәк осрай. (Мин Яңы йылға ҡаршы шыршы эҙләгәндә насарҙарын күп күргәнем хаҡында һөйләнем.) — Яратҡан кеше ваҡлыҡты ғәфү итмәй. Уға яратҡан кешенең бәләкәй генә етешһеҙлеге лә ҙур булып күренә. — Үҙеңде яҡшы итеп күрһәтеү яҡшы булыуға ҡарағанда бик еңел. — Атты машина үлтерә алмай. Уны кешенән айырырға кәрәкмәй. — Эшһеҙ йәшәгән генерал ҡатындары диңгеҙҙе лә ванна итеп күрә. Тормош уларға комфорт. Уларҙың ҡайғыһы ла, шатлығы ла бәләкәй. — Йәш тәбиғәтле булмаған кешенең яҙыусы булыуы мөмкин түгел. Яҙыусы һәр саҡ яңыны асыусы, һоҡлана белеүсе һ. б. Был беҙҙең һөйләшеүҙең схемаһы ғына – мин яҡшылап яҙа алмайым. Быны тойорға кәрәк. 27 ғинуар. Кис Рауил килде. Электричкаға оҙатып ҡуйҙым да икенсе электричка менән киттем. Кешеләрҙе ҡарап йөрөнөм. Ҡыҙыҡ – бер аҙ бер ҡайҙа ла сыҡмай торһам, нисектер кешеләрҙе күреп йөрөгөм килә. Бер ниндәй эшһеҙ, электричкала йөрөйөм. Күңелгә нимәлер тапҡан кеүек булам. 28 ғинуар. Рифҡәт Баязит Бикбайҙың минең китапҡа яҙған рецензияһын ебәргән («Ленинсы», 22 ғинуар, 1955) – «Тәүге аҙымдар». Шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәйем. Сөнки беҙҙә рецензиялар нисек яҙылыуын алдан уҡ белеп торам. Тик үҙемдең китап тураһында Баязит Бикбай яҙыуы ғына йыуата. Бала саҡтан уҡ яратҡан шағирым. «Салауат», «Ҡарлуғас» һәм «Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло булған?» әҫәрҙәре өсөн. Ләкин рецензияһының тоҙо юғыраҡ. Үҙемде ғазаплаған һорауҙарға яуап тапманым. Кем мин? Нимәлә минең үҙ тауышым? Бармы был тауыш? Әҙәбиәттә үҙемде таба алырлыҡмы мин? Нимәлә минең үҙенсәлегем? Рецензия йылы яҙылған. Ләкин минең өсөн йылыһы аҙ. Уҡыусылар өсөн дә кәрәкле фекер юҡ. Ғәҙәттәге дежур рецензия яҙыуҙан Баязит ағай ҙа ҡотола алмаған. Рифҡәт хат эсендә Рафаэлдең поэмаһына яҙылған мәғәнәһеҙ бер рецензия киҫәген дә ебәргән. Әҙәбиәттең нимә икәнен дә аңламаған ниндәйҙер Карманов тигән кеше яҙған. Әгәр ҙә ул «Әҙәби Башҡортостан»да баҫыла ҡалһа, уны донъяға сығарған кешеләр алйот буласаҡ. Рафаэлгә уны бирмәҫкә лә иткәйнем, бирҙем. Күтәреп өйрәнһен ауыр һүҙҙе лә. 28 ғинуар. Шолоховтан һуң Макаренконы уҡырға кәрәк, тип уйланым. Ул минең өсөн – Горькийҙан һәм Шолоховтан һуң өсөнсө яҙыусы. Бала – тормош сәскәһе. Уны тулы тормош үҫтерергә тейеш. Сәскә яңғыҙ үҫмәй. Сәскә сәскәләр араһында үҫә. Сәскә яҡтылыҡһыҙ үҫмәй – уға көн кәрәк. Көн кеүек яҡты аҡыл менән ҡарау – ата-әсәнең изге бурысы. Сәскә менән һоҡланыу ғына етмәй. Һуңынан был һоҡланыу өсөн иларға тура киләсәк. 6 февраль. Миңә Макаренконың «Ата-әсәләр өсөн» китабын тәүге курста уҡ уҡырға кәрәк булған. Беҙгә, яңы кешенең тыуыуы тураһында яҙасаҡ кешеләргә. Макаренконың был китабын уҡымайынса тороп, кешеләр тураһында яҙырға мөмкин дә түгел, яҙыу өсөн хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Бөгөн иртә менән Макаренконың «Педагогик поэма»һын башланым. Бөтәһе лә таныш. Уның тәүге өлөшөн мин ҡасандыр уҡығайным. Ләкин иғтибарһыҙ уҡығанмын. Китапты уҡый белмәү күпме ваҡытты әрәм итә! Үҙ өҫтөңдә системаһыҙ эшләүҙең бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ. Бөтәһе лә бушҡа сыға. Хәҙер минең өсөн иң беренсе урында – система! Декабрь һәм ғинуар арытты. Бер аҙ ял итеп алырға булдыҡ. 5 көн буйы бер ни уҡыманым. МДУ-нан Диҡҡәт Бураҡаев килеп сыҡты. Өс көн уның менән бергә булдыҡ. Туйғансы һөйләштек. Китапхана институтына, үҙебеҙҙең Башҡортостан ҡыҙҙары янына, барҙыҡ. Ҡыҙҙар араһында булыу миңә һәр саҡ еңеллек бирә. Күңелгә яҡты, иркен, йылы булып ҡала. Ҡыҙҙарҙан башҡа йәшәп, үҙеңдәге иң матур кешелегеңде туңдырып ҡуйырға ла мөмкин. Был күрешеү миңә бик оҙаҡ төрмәлә ҡояшһыҙ йәшәгән кешенең ҡапыл иреккә сығып, ҡояшҡа ҡарауы менән бер булды. Һәм мин донъяны бөтөнләй икенсе төрлө күрҙем! Диҡҡәт менән милли мәсьәлә тураһында ла һөйләштек. Бында политиканың иң нескә урыны. Яңылышмаҫ өсөн ғәҙәттән тыш уйлап эш итергә кәрәк. Юҡһа, һинең иң изге, иң яҡшы тойғоларың да хатаға илтергә мөмкин. Иң аҡыллы, ҙур кешеләр ҙә был мәсьәлә буйынса әрәм булғандар. Диҡҡәт менән ГИТИС ҡыҙҙары янында ла булдыҡ. Был ете ҡыҙҙың тормошо бик ҡыҙыҡлы. Шәүрә, Рәмзилә, Фәрдүнә, Зинира каникулды бында үткәрә, ә Гөлсәсәк, Роза, Гүзәл Башҡортостанға ҡайтып киткән. Һөйләштек, ҡунаҡ булдыҡ, киноға барҙыҡ. Кискә табан Зинираны алып «Буревестник» катогына киттек. Ете ҡыҙҙың һәр береһен ныҡлап белге килә. Араларында иң аҡыллыһы һәм иң матуры – Фәрдүнә. Бай тойғоло һәм тормошто ла күберәк күргән булырға тейеш. Шиғырҙар ҙа яҙып ҡараған. Мин кешенең шағирлығы алдында һәр саҡ табынам. Шиғыр яҙған кешелә тормошҡа һәм кешеләргә ҡарата талап та башҡасараҡ. Ул бәхеттең ҙурын теләй, ә бәләкәйенә риза түгел. Тормошто ул нығыраҡ ярата һәм уның нәфрәте лә ҙурыраҡ була. Был Фәрдүнәнең күҙҙәрендә лә бар. Уның күҙҙәре ниндәйҙер эске донъя аша кешегә тәрән ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай һәм кешене үтә күргән кеүектәр. Уларҙа ниндәйҙер йәшлек ялҡыны бар, «миңә бик ҙур бәхет кәрәк!» тигән кеүек улар. Ғәжәп матур күҙҙәр! З-ның күҙҙәренә сәғәттәр буйы ҡарарға ла мөмкин, ләкин бер ниндәй уңайһыҙланыу ҙа, ҡәнәғәтләнеү ҙә тоймайһың. Үҙе ҡыйыу, ләкин был ҡыйыулыҡта ниндәйҙер бушлыҡ. Бәлки, уның эске матурлығы бик ныҡ йәшерелгәндер? Бөтә кешенең дә эсендәге тышында булмай бит. Бәлки, ул сәхнәлә бик матур булыр? Йырында уның ниндәйҙер бик тәрәндән сыҡҡан моң бар кеүек. Ләкин был моң бик ҡыйыуһыҙ! Ғәжәп! Тышҡы күренешенә ҡапма-ҡаршы бер сифат. Ете ҡыҙ араһында берәүһе – ғәҙәттән тыш яланғас. Ҡыҙҙарға хас тотанаҡлылыҡ юҡ. Уны минең йоҙроҡтарым менән иҙеп ташлағым килде. Мин уның менән үҙ телемдә һөйләшергә мәжбүр булдым. Бик ауыр булды һөйләшеү. Ләкин көтмәгәндә миңә бер яңылыҡ асылды: ҡапыл миндә уға ҡарата йәлләү тойғоһо уянды, уның йомшарып ҡалыуынан ниндәйҙер сәйер хөрмәт тә тыуҙы. Сөнки ул үҙенең кәмселеген үҙе лә һиҙҙе. Әгәр ҙә уға ысын күңелдән ярҙам итеүсе кеше булһа, уның киләсәгенә ҙур ышаныс бар! Уға коллективтың сәләмәт иғтибары кәрәк. Бының өсөн ете ҡыҙҙың бик яҡшы коллектив булып ойошоуы мөһим! Был минең тәүге фекерҙәрем генә. Мин уларҙың береһен дә әле яҡшылап белмәйем. Бәлки, мин бөтөнләй яңылыш уйлайымдыр? Кеше ғәҙәттән тыш ҡатмарлы. Бына – Гөлсәсәк (Мөбәрәкова). — Я хочу, чтобы вы сегодня были моим кавалером! Мин хатта ҡыҙарҙым. Ярай әле шыршы ултырған залда ҡараңғы ине. — Юҡ, мин кавалер була белмәйем! Гөлсәсәк, минең кире яуаптан хәтере ҡалғандай, Рафаэль янына китеп барҙы. Ә Рафаэль, әлбиттә, ысын кавалер! Ул ҡыҙҙар мөхәббәтендә йөҙөп өйрәнгән инде! Ҡыҙҙар уны бер күреүҙән оҡшата. Ул – ут, ҡыҙҙар – күбәләк. Йөрәге менән янмайынса ла, яндыра. Үҙемдең йүләр хәлдә тороп ҡалыуҙан һуң бик оҙаҡ уйландым. Бәлки, Гөлсәсәк, үҙе тураһында бөтә ғүмере буйына ла шулай уйламағандыр. Был тиклем ҡыйыулығы уны бәхетле итерме? Ниндәй матур бала әрәм булырға мөмкин! Ә үҙенә һоҡланып бөтмәҫлек! Әсәһе кеүек матур, ләкин унан да йылыраҡ. — Әйтегеҙ әле, Рәми ағай, мин нисек күренәм һеҙгә? Уның күҙҙәре шундай һораулы ҡарай, әйтерһең минең яуабымдан уның бөтә яҙмышы хәл ителә. Ниңә шулай һорай ул минән? Шундай ғәмһеҙ балала ололарға ғына хас күҙәтеү булырға мөмкинме? Әйтерһең, минең бөтә уйлағаным йөҙөмә сыҡҡан... Эсемдәген йәшерә белмәүемә үҙемә-үҙем асыуландым хатта. Шул уҡ ваҡытта Гөлсәсәктең яғымлы, уйсан һоро күҙҙәренә, ҡалын һәм тулҡынланып торған сәстәренә, бәрхәт кеүек йомшаҡ, бейек, киң, ап-аҡ маңлайына, баланыҡы кеүек наҙлы ирендәренә һоҡланып бөтмәҫлек. Һылыу һыны боронғо гректарҙы ла һоҡландырырлыҡ. Минең уға үҙемдең шундай тупаҫ ҙур ҡулдарым менән ҡағылып ҡуйыуым ғына ла ҙур оятһыҙлыҡ булыр кеүек. Гөлсәсәк иң оҫта художниктың бөтә илһамын биреп эшләгән, ғүмер буйы ижад иткән картинаһы кеүек. Уға ҡулыңды тейҙереү ҙә – художниктың намыҫын бысратыу һымаҡ. Миңә ул – һоҡланыу өсөн генә яратылған изге йән эйәһе. Шунлыҡтан мин уның менән күрешкәндә лә уңайһыҙланам, уның ап-аҡ һәм матур ҡулын бик ҙур һаҡлыҡ менән генә тотам. Әйтерһең, бик ҡиммәтле, нескә быяланы нығыраҡ ҡыҫып ҡуйыуҙан бөтә нәмә юҡҡа сығырға мөмкин. Мин бына ниндәй ахмаҡ һүҙҙәр яҙып ултырам! Ә үҙемә бөтә күрелгәндәрҙе кисереү рәхәт тә. Миндә ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙар культы! Мин өндәшмәй генә табынам уларға. Бәлки, был ете ҡыҙ тураһында миңә киләсәктә яҙырға ла тура килер. Бәлки, улар башҡорт сәнғәтен күтәреүҙә ҙур эш эшләрҙәр. Нисектер быға ышанғым килә. Мин тиҙҙән ҡайтып китәсәкмен. Ә Рәйестәр ҡала. Беҙҙең арала ысын коллектив булманы. Тәүҙә мин уларҙы Әҙәбиәт институтына саҡырып хаттар яҙғанда яңы, ҙур бер маҡсат менән тупланырбыҙ тип хыяллана инем. Ләкин... был булманы. Мин инде институт менән яңғыҙ ғына хушлашыу алдында. Ғәжәп, беҙ хәҙер байрам мәжлестәрендә генә аралашабыҙ. Тимәк, беҙ бик бәләкәй әле. 9 февраль. Өфөнән Шакир минең өсөн бик шатлыҡлы хәбәр алып килде: Таңһылыу Күсимова ГИТИС-ҡа башҡорт телен уҡытырға ебәрелә! Таңға ҙур хат яҙғым килде. Таңһылыу Мәскәүҙә, Луначарский исемендәге театр сәнғәтенең башҡорт студияһында, башҡорт телен уҡытасаҡ! Был, тарихи күҙлектән ҡарағанда, иҫ киткес! Ул, минеңсә, иң кәрәкле уҡытыусы буласаҡ. 10 февраль. Өфө яңылыҡтары. Таң тураһындағы хәбәр мине бик тулҡынландырҙы. Йоҡо ҡасты. Төнө буйы уҡып сыҡтым. Тәҙрәгә ҡараһам, бөтә донъя әкиәттәге кеүек: ағастарҙан күҙҙе лә алғы килмәй. Яҙып аңлата алмаҫлыҡ матурлыҡ. Ҡапыл Рафаэлдең будильнигы шылтыраны ла йөрәк һыҙлап ҡыҫыла башланы. Хәҙер ҡапыл минең өсөн әле күҙәткән матурлыҡ юғаласаҡ. Әйтерһең, ҡалайҙы тимер менән сыялар һәм ул һинең тешеңә тейә. Дуҫымдан туйыуым ғәжәп! Бына икенсе ай инде һөйләшә лә алмайым. Ниңә мин шулай? Хәҙер мин бөтөнләй яңғыҙ. Имтихандарҙы бөткәс тә тормошто яңынан ҡарап сығырға кәрәк. Уф, уф, уф!.. Үҙемде үҙем аңлай алмайым. Бер көндө ярты төндә үҙемде көҙгөнән ҡарап торҙом: күҙҙән йәш сығыр урынға – йылмаям! Күҙҙәр эскә батҡан, төптәре күгәреп, сирышып бөткән. Ҡыҙлығы алынған ҡарт ҡыҙ кеүекмен. Мин ниндәйҙер хыялыйға әйләнеп барам. 11 февраль. Иван Николаевич Серегин тағы ла киҫәтеү яһаны: — Йә институттан сығарабыҙ, йә дүртенсе курсҡа төшөрәбеҙ, Ғарипов. Отличник булып килдең дә ҡапыл боҙолдоң. Кем ғәйепле? Мартҡа тиклем бөтәһен дә хәл ит! Институттан ҡайтҡас, «Педагогик поэма»ны уҡып бөтөрҙөм. Күп уйланым, күп иланым, күп көлдөм мин был китап өҫтөндә. Әллә үҙемдең һуңғы ваҡытта сепрәккә әйләнеүҙән, әллә поэманың көсөнән был? Белмәйем. Был китапты бынан биш йыл элек уҡыған булһам, пединституттан документтарҙы алмаҫ инем. Иртәгә – тыуған көнөм. 1932–1955. Аҙ ваҡыт түгел. Ләкин Добролюбов был йәштә бөтә Россияны аҡылға өйрәткән. Мин уның буйынса имтихан бирергә лә ҡурҡып йөрөйөм. Яңы аңланым: ни тиклем наҙан әле мин! 12 февраль. Бына Кремль куранттары төнгө 12-не һуҡты. 12 февраль башланды. Бүлмәлә тынлыҡ. Барыһы ла йоҡлай. Аҡ ҡар юрғаны күм-күк төҫкә инеп, ҡатып ҡалған. Ай юҡ – ҡараңғы һәм тыныс. Сәғәт ашыға. Үткән йылдар сәғәт кеүек уҙа. Уларҙың һәр береһендә кешеләр, халыҡтар, илдәр яҙмышы. Шулар эсендә минең дә яҙмышым бар. Мин дә йәшәйем донъяла. Ҡыҙыҡ. Ләкин йәшәй белмәйем. Бәләкәй генә нәмәләрҙә лә аҙашып ҡалам. 23 йәш миңә. Бына хәҙер 24-енсеһе башланды. Ҡыҙыҡ. Үҙемде бик ярлы тоям. Аҙ йәшәгәнмен һәм яңғыҙмын. Минең үҙем теләгән ысын дуҫым да, үҙем теләгән бөтә йөрәктән яратырлыҡ ҡыҙым да юҡ. Был ҡыҙыҡ ҡына түгел, ҡурҡыныс та. 17 февраль. Горькийҙың «Клим Самгиндың тормошо»н уҡыйым. Мин был китапты уҡыр өсөн биш йыл әҙерләндем. Унда тормоштоң бөтә йөйҙәре ярылып ята. Беренсе курста, әлбиттә, мин уны аңламаған булыр инем. Өфөнән Марат килде. «Йүрүҙән»де 5 дана килтергән. 19 февраль. Горькийҙы уҡығанда үҙеңдең бер ни ҙә белмәүеңде нығыраҡ тояһың. Ләкин был ҡурҡытмай, дәртләндерә генә. Кеше – ғорур яңғырай! Иларға, һыҡранырға, быҫҡырға кәрәкмәй. Был – үҙ-үҙеңдән көлөү, мыҫҡыл итеү, матурлығыңды зәғифләү; үҙ-үҙеңде уйлап сығарыу һәм шул уйҙырмаға ышандырыу кешене Клим Самгинға әйләндерә, һуҡырайта. Хыянатсы, һатлыҡ йәндәр, ҡәбәхәт кешеләр шунан барлыҡҡа килә. Тап улар яһалма һәм мәғәнәһеҙ тормош уйлап сығара. Уларҙың мөхәббәте лә уйлап сығарылған, тәбиғи түгел. Улар кеше ғазабынан ләззәт табыусы садисҡа әйләнә. Уларҙың девизы: донъяла мин генә! Мин бөтәгеҙҙән дә аҡыллы һәм өҫтөн! Мин генә бәхеткә хаҡлы! Мин, мин, мин! Был иң ерәнгес ҡоллоҡ! Бындай тип – Клим Самгин. Ул күктән төшмәгән. Уның социаль өйө бар. Ул шунда тыуған, шунда тәрбиәләнгән. Уның философияһы ла яңы түгел, ҡолдар һәм хужалар барлыҡҡа килгәндән бирле йәшәй һәм төрлө-төрлө «изм»дарға барып тоташа. Ләкин уның һуңғы «изм»ы – фашизм. Ниңәлер беҙҙә Клим Самгин тураһында һөйләшмәйҙәр. Ләкин мин был хаҡта аңлатыуҙы үҙемдең бурысым итеп тоям. 28 февраль. Дипломға тотондом. Тәржемәселәр булманы. Булмаһын әйҙә! Телде белмәгән тәржемәселәргә инәлеп йөрөгәнсе, үҙем тәржемә итергә булдым. Бары менән байрам. Әсғәт (Әшрәпов) 50 һум аҡса ҡалдырған. Ярап төштө. Бындай саҡта 50 тине лә ҡәҙерле! Рафаэль менән бөтөнләй ара өҙөлдө. Мин, бер алйот кеүек, алдандым. Мариятҡа мин үҙемдең саф мөхәббәтемде биреп алданһам, Рафаэль мине үҙенең меҫкен дуҫлығы менән алданы. Ғәрләндерә. 16 март. Бер тин аҡса ла юҡ. Кисә лә, бөгөн дә ашаманым. Башҡа бер уй килде: ниндәй хаҡҡа булһа ла, шинелде һатырға! Дядя Сережаға барҙым да кейҙерҙем. 100 һум аҡса тап! Ул ышанманы хатта. Уңайһыҙланды. Ләкин алды. 17 март. Надяның әсәһе Куйбышевҡа китте. Ләкин уға әсәһе булмағанда барыу нисектер ҡурҡыта. Һуңғы ваҡытта беҙ бик яҡынайҙыҡ. Был көндәрҙә ул ғына миңә берҙән-бер йыуаныс. Уның яратыуы миңә нисектер ҡәҙерле, йылы, яҡты. Әгәр ҙә мин уны үҙемдең яҙмышҡа бәйләһәм, уны ла, үҙемде лә ғазаплаясаҡмын. Мин уға үҙемдең бөтә яратыуымды бирә алмайым. Ҙур яратыу ҡайҙалыр тәрәндә кем өсөндөр һаҡланып ятҡан кеүек. Мин тағы ла аҡылдан яҙып ярата алырмын кеүек. Ҡасан? Кемде? Белмәйем. Бәлки, тәүге тойғолар кире ҡайтмайҙыр? Ләкин миңә тиҙерәк әйләнергә кәрәк. Надя кеүек бер кем дә мине шулай үҙенә тартҡаны юҡ ине әле. Ләкин уның менән яҡынайған һайын уны һаҡлағы килә. 18 март. Ҡатын-ҡыҙ тураһында уйлағанда мин иң ғазаплы уйҙар кисерәм хәҙер. Бик күптәрҙең үҙҙәренә тик ҡатын-ҡыҙ ғына итеп ҡарауҙары асыуҙы килтерә. Мин шундай ваҡсыл һәм һайлансыҡ, үҙем эҙләгән ҡыҙҙы табыуға ышанмай ҙа башланым: был бер йөк бесән эсенән энә эҙләү менән бер. 23 март. «Клим Самгиндың тормошо»нда Горький башҡорттарҙы бик йыш телгә ала. Был хаҡта минең уҡығаным юҡ ине әле. Шулай уҡ Горькийҙың «Телһеҙ» легендаһын да яңынан ҡарап сығырға кәрәк. «Клим Самгиндың тормошо»ндағы башҡорттар хаҡындағы фекерҙәр Ғаяз Исхаки һәм Ғ. Баттал фекерҙәренә оҡшаш. Шовинизм ни хәтлем бысраҡ һәм түбән! Күңел болғандырғыс! Горькийҙың был күренешкә ҙур иғтибар биреүе бик xapaктеpлы. Семинарҙағы докладсыларҙың береһе лә Горький ижадының шундай мөһим яғына туҡталманы. Горький шундай киң һәм тәрән, ә беҙ уны шундай тар һәм һай итеп өйрәнәбеҙ. Беҙ уның ижадының әһәмиәтен ҡаплап ҡалдырабыҙ һәм Горькийҙың донъя әҙәбиәтенә ниндәй яңы фекерҙәр алып килеүен яҡшылап күрмәйбеҙ. Доклад өсөн Л. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк» тигән хикәйәһен дә алырға тура килер. Горький уны ла телгә ала (1910 йылдар – Башҡортостан ерен талау йылдары. Столыпин башҡорттарҙың ерен һаттырып, уларға үҙенең элмәктәрен ташлай – отрубтар, утарҙар барлыҡҡа килә). Көлкө лә, ғәжәп тә: ике көн буйы мин асҡа ҡаңғырып бына нимәләр хаҡында уйлайым һәм уҡыйым. 24 март. Донъяла минең иң яҡшы белгән нәмәм – аслыҡ! Бына өсөнсө көн инде мин ас. Хатта ашағым да килмәй. Башты күтәреп, күҙҙәремде китаптан алһам – ҡапыл ҡараңғы булып китә. Был көндәрҙе оноторға теләһәм дә, булдыра алмам. Ай-һай, донъя, туйҙым һинән, Һин дә туйҙыңмы минән? Дуҫтар! Ниңә һеҙ аҡса булған саҡта ғына яҡынһығыҙ миңә? 25 март. Бик ныҡ йонсоном. Ләкин бөгөн ниндәйҙер еңеллек менән килеп торҙом. Шундай еңелмен, әйтерһең, мин ҡош! Дүртенсе көн... Нимә булһа ла табып ашарға кәрәк. Юҡһа, мин елберләп торам... Бүлмәнән тышҡа сыҡҡайным – үҙемде бик сәйер тойҙом. Яңы ғына тәпәй баҫҡан бала кеүекмен. Хатта көлөп ебәрҙем. Ҡояшҡа күҙ сағыла. Бөтә донъя яңырып киткән кеүек – ҡайындар, ҡарағайҙар яҙ һулышы менән һулай. Донъя шундай иркен. Шулай ҙа иркен донъя аяҡ кейемең тар булғанда күңелһеҙерәк икән. Эс шундай бушаған – салбар төшөп бара. Бүлмәгә инеп, ҡайышҡа тағы бер тишек арттырҙым да, емтек эҙләгән эт кеүек, сығып киттем. Ҡойроҡ ҡына етмәй икән был студентҡа! Тихоновтың дачаһына йүнәлдем. — Тетя Маруся, я очень есть хочу. Проголодался... Өйҙәге кеүек һөйләшәм. Тетя Маруся сигареттар ҙа табып бирҙе. Рәхәтләнеп тартып ебәрҙем. Бәхет! Хатта йырлағы килә. Ярай әле минең тормошомда һәр саҡ яҡшы сторожиха-лар, сторождар осрап тора. Астың хәлен туҡ белмәй, тиҙәр. Ә улар, әйтмәһәң дә, белә. Онотма! Онотма! Онотма! Был һүҙҙәрем ант булһын. Улар һине бик күп кәмһенеүҙән ҡотҡарҙы. Бына 3 ай инде, ҡаяға беркетелгән Прометей кеүек, имтихандарға әҙерләнеп ғазапланам. Башҡаса былай бер ҡасан да рәхәтләнеп уҡырға тура килмәйәсәк. Тормошҡа уҡып тотонорға кәрәк. Бер кем дә минең 5 йыл буйы студент булып йөрөүемдән көлөрлөк булмаһын. 26 март. Ура! Клим Самгиндың тормошо ла таныш хәҙер. Хуш, Самгин! Һин тормошҡа кәрәкмәйһең. Һин донъялағы иң ҡәбәхәт кеше! Һин йәшәргә ҡамасаулайһың. Үҙеңде үҙең юғарыға күтәрәһең, ләкин һинең кеүек ҡырмыҫҡаны йөк башында ла күрмәйҙәр. Горькийға рәхмәт. Был китапҡа мин мәңге бурыслы. Йөрәктә шундай һағыныу! Шундай яҡты нур! Үҙем бында, ә күңелем Башҡортостанда. Шул тиклем ҡайтҡым килә. Тыуған ерҙең моңон, йырҙарын, һөйләшеүен, көлөүен тыңлағы, һәр ҡайынын, ташын йөрәгемә ҡыҫҡы, устарыма уның тупрағын алып, илағы килә! Күгәрепкәй ятҡан Уралҡайым Ата-олатайҙарымдың төйәге. Ерен-һыуын ҡурсып ҡорбан булған Шунда ята батырҙарҙың һөйәге. Донъяла ошонан да яҡшы йыр юҡ миңә! Ниндәй мөһәбәт киңлек, аҡыллы моң, һағыш бар был йырҙа! Ниндәйҙер тойоп ҡына аңлай торған көс бар унда. Кемдең йөрәгенән һығылып сыҡты икән ул иң тәүҙә? Кем уны сығарҙы икән? Бөйөк шағир булған ул кеше Уралда. Шул йыр өсөн генә лә мин башҡортмон! Батталдың «башҡорттар тәбиғәтте, яҡшы келәмгә оялаған көйә кеүек, боҙалар» тигән һүҙҙәре ни тиклем бысраҡ! Халыҡҡа оятһыҙ рәүештә яла яғыусыларҙың тамырҙары һаман да йәшеренеп ята бит әле! Ә радионан ниндәйҙер мәғәнәһеҙ таҡмаҡтар йырлап йән көйҙөрәләр. Әйтерһең, башҡорт йырға фәҡир! Кем һуң «Урал»ды йырлай ала? Юҡ! Ә халыҡ йырлай. Унда йырсылар күп, тик эҙләмәйҙәр генә. Сөнки беҙҙә әле Батталдарҙың артҡы боттары етерлек. Һатыусы, сауҙагәрҙәргә халыҡтың рухи байлығы ят һәм аңлайышһыҙ. Ғәжәп, беҙҙең йырҙарҙа тәбиғәттең шундай бай булыуы бик уйландыра. Тыуған ил образы – шундай тәрән һәм киң, эпик образ. Шул уҡ ваҡытта шундай нескә лиризм бар был йырҙарҙа, иҫ киткес фәлсәфә! Улар тарихи һәм социаль эстәлекле. Һағындыра Башҡортостан! Мәскәү мине һағына белергә өйрәтте. Надяға Степан Злобиндың «Салауат Юлаев»ын алып барҙым. 29 март. Беҙҙең курс диплом яҡлай башланы. Ә мине әлегә индермәнеләр. Имтихандарҙы тапшырмайынса, минең диплом эшем юҡ тип ҡарала. Ҡыҙыҡ хат алдым бөгөн Татарстандан, Кукмар районындағы Аман-Оштарма ауылынан Асия Ғарипова тигән ҡыҙ яҙған. Дилара шунда уҡыта икән. Был ҡыҙҙың өйҙәрендә тора. Дилара уға минең турала һөйләгән, күрәһең. Хат миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо. 30 март. «Асия! Һеҙҙең хатығыҙ бер аҙ ғәжәпләндерҙе мине. Беренсенән, миңә бөтөнләй таныш булмаған Асия яҙа, икенсенән, миңә бик таныш Дилара тураһында яҙа... Ә ниңә һеҙ уның мине туғаным тиеүенә ышанмайһығыҙ? Ул дөрөҫ әйтә бит! Беҙ, ысынлап та, туғандар. Ул да шиғырҙар яҙа, мин дә. Тимәк, беҙ бик яҡын кешеләр! Ә Дилара апа ысынлап та бик һәйбәт! Мин уның бигерәк тә балалар өсөн яҙған шиғырҙарын яратам. Әсә кеүек һөйләшә белә ул балалар менән. Унан һуң, ул татар халыҡ йырҙарын бик яҡшы тоя. Үҙенең шиғырҙары ла уларға тартым. Тәбиғәт иһә уның эске тормошо менән бергә йәшәй. Ул үҙенә шулай ҙа хөрмәт менән ҡарай белмәй кеүек. Ә был кешене ваҡлай. Был, бәлки, ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә тик ҡатын-ҡыҙ итеп ҡарарға ғына күнеккәненән киләлер, белмәйем. Юҡһа Дилара кеүек аҡыллы ҡыҙ үҙе яратмаған кешегә тормошҡа сығып, үҙ намыҫынан үҙе көлмәҫ ине. Кеше үҙенең кешелек ғорурлығын шулай кәмһетергә хаҡһыҙ. Дилараны мин бер генә ҡабат күрҙем һәм был осрашыу һуңғыһы булды, ахыры. Һеҙҙең унан йәшерен генә хат яҙыуығыҙҙы фаш итергә кәрәк булыр, ахыры. Әйҙә, шаян ҡыҙҙың ҡолағын бороп алһын... Хушығыҙ. Рәми». Ни тиклем таҫма телгә әйләндем мин! Һәм был телем күпме кешеләрҙе үҙенә бәйләй! Ә ҡайһы берәүҙәр менән ысынлап та мауығам, шикелле. 31 март. Һуҡыр Ғиззи һәм сатан Мәнзүмә – йырсылар. Минең балалығымдың иң матур иҫтәлектәре уларҙа. Ауылға ҡайтҡас, Сәрби әбейҙең башынан үткәндәрен яҙып алырға кәрәк. Был һуҡыр ҡарсыҡ бит минең күҙемде асыусы. Бөгөн уның һәр саҡ әйтә торған «буйтым» тигән һүҙе иҫкә төштө. Күпме характерҙар ауылымда ғына ла. Хәҙер улар тураһында роман яҙыу өсөн бик ныҡ уйлай башларға кәрәк. Сөләймән мәзин – колхоз төҙөүсе! Иван ҡарттың башҡорт телендә иҫ киткес оҫта һөйләшеүе! Ғатаулла бабайҙың аслыҡ йылдарында ҡалаҡ менән он өләшеүе! Зәйнулла ҡарт менән тәүге колхоз тракторын йәшен атыу! Тәүге тракторсы Мофаззал ҡарт! Партизан Ахун быуай! Парумсы Шәрәфи ҡарт. Көлзәбиғә әбейҙең үксәләре, күҙҙәре, тауышы! Ҡыптыр Мәрйәм. Корчагин Хизбулла – әтәс батшаһы, һөйәк йыйыусы... Һәр береһе тип бит быларҙың. 1 апрель. Алдаҡсы көн. Ләкин бер кемде лә алдаманым. Төндә Баязит Бикбайҙың рецензияһына пародия яҙҙым. Икенсе шиғыр – коммунизм һүҙе менән уйнаусылар тураһында. Ғәжәп беҙҙә: Күпме буш һайыҫҡан Йырға һанап йүнһеҙ таҡмағын, Коммунизм һүҙе менән биҙәй Һәр бер шиғырының аҙағын. Ғәжәп, шул бәләкәй генә әйберҙәр өсөн дә төнө буйы йоҡлай алманым. 4 апрель. Көнө буйы сыйырсыҡ ояһы эшләнем. Йыштым, быстым, шаҡылданым. Надя эштән мин ҡыйыҡ башында ултырғанда ғына ҡайтты. Ашарға әҙерләне. Һуңғы көндәрҙә мин көнөнә бер генә булһа ла уларҙа ашайым. Быны мин уға һиҙҙермәйем, ә эстән шундай ҡыйынһынам. Әйтерһең, мин уға астан хәлһеҙләнеп ятмаҫ өсөн генә килгәнмен! 5 апрель. Иртән Нюра военкоматҡа барырға повестка килтерҙе. Ахыры, биш йыл уҡығандан һуң, һалдат булырға тура килер. Институтҡа барып белешмә алдым да Кунцевоға киттем. Үҙем ас, үҙем өшөйөм. Бальмонттың Шеллиҙан тәржемәләрен уҡып барҙым. «Озимандия» шиғырын табып уҡыным. Клим Самгин Башҡортостан тураһындағы фекерҙәрен шул шиғырҙың һуңғы юлдары менән тамамлай. Ҡыҙыҡ, минең шул тиклем йылы аш ашағым килә, «асығыуҙан үҙәк өҙөлөп бара», ә үҙем әллә ниндәй Египет сахрала-рындағы батша тураһында уҡыйым. 6 апрель. Төн. Һаман да Шеллиҙы уҡып ятам. Нишләптер шиғырҙарының айышына төшөнөп етмәйем. Шағирҙарҙы үҙ телдәрендә уҡымайынса, уларҙың йөрәк тибешен башҡа кешеләр аша ишетеү һәр саҡ шикләндерә мине. Тәржемә – май юҡта маргарин инде. «Берегите себя прежде всего для себя, тогда и людям много останется», – тигән Толстой. Аҡыллы һүҙҙәр! Ләкин минең өсөн түгел. Мин үҙемде һаҡлай белмәйем. Бөтә яҡтан да. Кешеләргә минән бик аҙ ҡаласаҡ. Был ҡурҡыта мине. Ежик ҡаланан ҡайтып инде. Ҡулында – ашамлыҡ төргәге, консерва. Минең шундай ашағым килә, хатта ауыҙға һыу йыйыла! Ни тиклем мәғәнәһеҙ күренеш: уның хәҙер рәхәтләнеп, туйғансы ашаясағына асыу килә! Был аслыҡ психологияһы мине кәмһетә, йәберләй. Бөгөн көнө буйы икмәк тотоп килгән кешеләргә ниндәйҙер бер түбән көнләшеү менән ҡараным. Ас булыуҙан да бигерәк, миңә үҙемдең шул түбәнлек тойғоһонан сыға алмауым ауырыраҡ. Ҡайҙалыр юғалғым килә. Кис дядя Сережаға инеп сәй эсеп сыҡтым, ләкин бер нисек тә туя алманым. Улар иртәгә төшкө ашҡа саҡырҙы һәм был миңә шундай ҙур байрам булып тойолдо. Уйҙар ҙа мәғәнәһеҙ. Үҙ-үҙемде күрә алмайым... Ах, был 55-се йыл! Ниндәй ауыр йыл һин миңә! Жора Исаев миңә оҡшаған – көн һайын миңә тәмәке һорап керә. Мин теләнселәп табам, ә ул минән һорай. Хәйерсене теләнсе талай. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та... Бына инде 7 апрель башланды. Мин һаман уҡыйым. «Тымыҡ Д он» иң популяр китаптарҙан булһа, «Клим Самгиндың тормошо» бөтөнләй икенсе мәсьәләләрҙе күтәрә. Диңгеҙ йылға кеүек күренеп ятмай, ул сикһеҙ! Институтта бөгөн өсөнсө төркөм диплом яҡланы. Киев вокзалында Надяны осраттым. Уның: — Рәми! – тип ҡысҡырып ебәреүенән уңайһыҙланып ҡалдым. Ҡыҙҙар көлөшәләр һәм Надяны ирештерәләр. Надя минән ҡыҙҙар артына йәшеренде, уның менән күрешмәнек. Мин һүҙ ҡушманым. Вагонга инеп ултырғас, «балда» тигән уйынды уйнарға тотондоҡ. Надя «балда» булып сыҡты. Рәхәтләнеп көлдөм. Бер аҙ барғас, ул минең ҡулбашҡа башын һалып йоҡлап китте. Переделкиноға еткәс, ҡулын ҡыҫып уяттым да уларға киттек. Уларҙа мин үҙемде өйҙә кеүек хис итәм. Әйтерһең, беҙ инде күптән бергә торабыҙ. Бына икебеҙ ҙә эштән арып ҡайттыҡ. Ул сәй ҡуйҙы ла минең фуражкаға козырёк ҡуйырға тотондо. Ә мин икмәк ҡайыра башланым. Ә бармаҡтары уның матур һәм оҫта – ысынлап та, тегенсе бармаҡтары! Оҙон һәм нәфис бармаҡтар. Тик тырнаҡтарының оҙон булыуы ғына һәр саҡ күңелде ҡыра. Надя башын эйеп аҫҡа ҡарағанда, оҙон керпектәре тағы оҙонораҡ һәм сөм ҡара булып күренә. Ә буй-һыны ҡарап туйғыһыҙ һылыу һәм ныҡ. — Ни тиклем ғазаплайһың мине! – тип бышылдай Надя һәм көслө ҡулдары менән үҙенең күкрәгенә башымды ҡыҫа-ҡыҫа тиргәй. Ләкин был тиргәү миңә иң татлы һүҙҙәр булып ишетелә. Мин уның ирендәренән айырыла алмайым. — Етэр! – тип бышылдай ул шатлыҡ менән. Был тауыш уның күкрәк төпкөлөнән, ҡайнар тәрәнлектән килә. Мин күтәрмәнән шундай бер еңеллек менән һикереп төшөп, бөтә көсөмә йүгерәм, осам! Ә ҡолаҡта тик ирендәрҙең бер-береһенән һурып алынған матур тауышы ғына тороп ҡала. Бөтә донъяны яңғыратып йырлағым һәм: — Надя, яратам һине! – тип ҡысҡырғым килә. 8 апрель. Радионан скрипка минең йөрәктә уйнай кеүек! Уянғас та, тормайынса тыңлап ятам. Күҙ алдымда – Надя, башҡортса был исем – Өмөт! Скрипка минең өмөтөмдө моңға һала. Миңә ул ышаныс булһа ине! Ышаныс! Надяның фуражканы тегеп ултырғанда әйткән һүҙенә йылмаям. — Ә бының өсөн мин һинән нимә көтөрмөн? Мин уға ниндәй бүләк бирә алам? Ул теләгән бүләккә генә түгел, үҙемде йөрөтөрлөк тә аҡсам юҡ минең. Көлкө! Мин шундай мәғәнәһеҙ хәлдә. 15 апрель. Әсғәттең тыуған көнө бөгөн. Уға шундай яҡшы берәй нәмә бүләк итке килә. Ләкин мөмкинселегем юҡ. Йоҡлай алманым. Сәләмде, Хәйҙе, Мәлих Харисты, Мостай Кәримде, Бикбай ағайҙы уйлап яттым. Улар тураһында яҡшы әҙәби портреттар яҙғым килә. Йәштәр ижады тураһында фекерҙәр баштан сыҡмай. Башлап яҙыусылар өсөн шиғыр культураһы, тел, белем, халыҡ ижады, тормошто һәм әҙәбиәтте күҙәтә белеү, традиция һ. б. бик күп нәмәләр тураһында үҙемдең бөтә белгәндәрем, уҡығандарым, тойоуым менән уртаҡлашҡым килә. Кисә ЦКШ-ла Марат янында булдым. Йөҙ һум аҡсаһын ул тағы ла миңә бүлде. Кешегә иғтибарлы. Кис мин Мараттан ҡайтҡас, Рафаэль, Шакир менән сәй эстек. 1 май. Әле сәғәт төнгө 2 генә. Надя менән йөрөп ҡайттым да яҙырға ултырҙым. Был көндәрҙә мин уға булған мөнәсәбәтем тураһында күп уйланым һәм бер генә ҡарарға килдем – әйләнергә! Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, бергә йәшәргә. Ләкин Надя минең ҡарарға ышанмай. Кисә хатта минең күҙгә йәштәр тулды. Апрель айы шул уйҙар менән ғазапланыуҙа үтте. Был ҡарарға килеү өсөн шул тиклем ныҡ икеләндем. Тел башҡалығы ла, белем башҡалығы ла Надя менән миңә кәртә була алмай. Телгә, теләһә, өйрәнер. Ә белем кешенең үҙе менән бергә тыумай – русса әйткәндә, дело наживное! Ғүмер буйы уҡыясаҡбыҙ! Ә белем тигеҙлеге тураһында ғазапланыу буш нәмә! Быны мин хәҙер ныҡ аңлайым. Был хаҡта уйлайым, көлкө хатта. Хатта Маркс ҡатынынан белем талап итмәгән. Бөтә эш бер-береңде аңлауҙа, хөрмәт итеүҙә һәм яратыуҙа! Бына нимә тураһында уйларға кәрәк! Надя миңә бөтә яҡтан оҡшай – ул минең эшемде лә, кешемде лә аңлай, дуҫ та була ала, ярата ла. Ул хәҙер бөтөнләй мин тәүге күргәндәге Надя түгел. Быны мин уны матурлап күреүҙән әйтмәйем. Юҡ, мин ғәҙәттән тыш һалҡын аҡыл менән ҡараным уға һәм был уны яҡшылап күреү өсөн бик һәйбәт булды. Юҡһа, һуҡыр рәүештә яратыу – иң үкендергес нәмә. Ә мин уны бөтә ваҡлыҡтарына тиклем өйрәндем – минең ҡатыным тап шундай булырға тейеш. Мин уның яҡшы әсә буласағына ла ышанам. Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ. Ниңә һуң мин баштан уҡ шул фекергә килә алманым? Күпме ғазапланым мин Надяны! Хатта ул хәҙер минең бер ҡарарға килеүемә ышана ла алмай. Сөнки мин уны киләсәктә бергә була алмауыбыҙға ышандырҙым. Ә хәҙер башҡа була алмауыбыҙға ышандырырға кәрәк! Был хатта ауырыраҡ. Бөтәһен дә Надя ғына хәл итә ала. Уның күҙ ҡарашында ышанысһыҙ яратыу ғына. Шундай саҡта мин уның күҙҙәренән үпкем килә. Ләкин ул быны рөхсәт итмәй. Ғәжәп хәл был. Ә ирендәренән теләгәнсә үбәм, ләкин туя алмайым. Мин үҙемде бер ҡасан да шулай ҡомһоҙ булырмын тип күҙ алдына килтермәй инем. Был минең иң тәүге татлы ләззәттәрем – нисек итеп мин уларҙы онота алырмын? Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Үлгәндә лә, минең ошолай үлгем килә. Тормош миңә иҫ киткес яҡты был яҡынлыҡтан һуң. Минең осҡом килә! Арыу юғала. Йәшәреп китәм. Бөтә тәнгә көс тулыша. Тимәк, мин уны бик ныҡ яратам! Тик был ниндәйҙер ғазапһыҙ, бәхетле, кешелекле яратыу, яҡты яратыу. Ә тәүге яратыуым ғазаплы булған өсөн ярһыу һәм тау йылғаһы булып тойолған. Ләкин тормош өсөн кешелекле, яҡты һәм оҙаҡ яратыу кәрәк. Был ниндәйҙер ҙур һәм киң, тәрән бер йылға. Ул тауыш-тынһыҙ ғына аға. Шуның өсөн ҡайһы саҡта хатта аҡмаған кеүек. Ләкин, тәрәнгә ингән һайын, уның үҙенә йотоп барыусы көсөн тояһың. Һай йылға ярһып, шаулап аҡһа ла, уның көсө бәләкәй һәм тиҙ юғала. Уның ярһыуында булһаң да, ике яҡ яр бөтөнләй яҡын... Ләкин тормоштоң ярҙары юҡ. Мөхәббәт тә шулай булырға тейеш. Надяның күкрәгенә башымды ҡуйып, уның йөрәк тибешен тыңлап, мин шул хаҡта уйланым... Мин уны һәр саҡ ҡолонсаҡҡа сағыштырам. Сөнки минең иң яратҡаным – ҡолон. Иң яратҡан өләсәйем дә миңә «Ҡолонсағым!» тип өндәшә торғайны. Ә әсәйем мине: — Аттан тыуғанһыңдыр, ахыры, – тип әрләр ине. Белмәйем, ниңә мин шул тиклем ат йәнле булғанмындыр. Атҡа менеп сабыу хәҙер ҙә әле миңә ниндәйҙер бер бәхет булып тойола. Колхоз тигән һүҙ ҙә минең аңыма ат тигән һүҙ булып ингән. Ғәжәп был, Надяға был хаҡта аңлау ҡыйыны-раҡтыр инде. Был хис тик башҡорттарға ғына шулай хас. Надя минең сәстәрем эсенә бармаҡтарын тығып иркәләй... Минең сәстәрем ат ялы кеүек ҡалын һәм ныҡ. Ә Надяның йөрәге ҡолон тояғы кеүек тыпылдап ярһый... Май байрамы менән, Надя! 2 май. Надя шат, бәхетле, матур! Тик минең ҡарарға ышанып етмәй. Мин бәхетле! Киләсәк, бөтә киләсәк алда! Беҙ яҡшы йәшәргә тейешбеҙ. Мин уны бәхетле итәсәгемә ышанам. Тәүҙә ауыр буласаҡ. Мин еңел йәшәй белмәйем. Китаптарымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ. Гол как сокол! Ләкин баш иҫән булһын. Мин эшләргә яратам. Надяны яратам. Башым, йөрәгем, сәләмәтлегем бар. Юлым еңел түгел. Ләкин ул Надяны ҡурҡытмай. Ул иң яҡын дуҫым буласаҡ минең. 1 июнь. Надя! Ҡатыным минең!.. Хәҙер беҙҙең «Икәүебеҙгә бер яҙмыш. Тормоштан тейгән өлөш. Күпме ғүмер бар, беҙ шуны Ғәҙел йәшәргә тейеш!» Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!.. Был бәхет тураһында Надя менән күп һөйләштек. Беҙҙең эшебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә, тәбиғәтебеҙ ҙә башҡа, ләкин бәхетте бер төрлө аңлайбыҙ. Беҙҙең донъяға ҡарашыбыҙ бер. Тик минең ҡарашым киңерәк, тәрәнерәк, сөнки ул белем менән нығытылған. Надя ла уны үҙенең уҡыуы менән нығытырға тейеш. Уны уҡытыу хәҙер минең иң ҙур бурысым. Уға системалы, тулы һәм ныҡлы белем кәрәк. Уның китаптар уҡыуын да башҡаса ойошторорға кәрәк. Мин дә уның менән бергә үҫәсәкмен! Сөнки уҡытыу үҙеңде лә уҡыта. Надя ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡһыныусан, тиҙ ҡабул итеүсән, ҡомһоҙ һәм түҙемле. Ул миңә бик ҙур хөрмәт менән ҡарай. Был мине үҙ көсөмә ышандыра. Мин һәр саҡ был хөрмәттең ҡәҙерен белергә һәм үҙ-үҙемә яуаплыраҡ булырға тейешмен. Үҫеү өсөн Надяның бөтә тәбиғи мөмкинлектәре лә бар. Беҙ ауырлыҡтарҙы күтәрергә әҙер. Сөнки уларҙы икебеҙ ҙә бик йәшләй күтәреп өйрәнгәнбеҙ. Мин эшләрмен, ул уҡыр. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итә алырлыҡбыҙ. Унан һуң ул башҡорт телен өйрәнергә тейеш! Тел – минең тормошом! Сөнки мин эшемде телдән башҡа күҙ алдына ла килтерә ал ыуым мөмкин түгел! Беҙ ир менән ҡатын булып ҡына йәшәй алмаясаҡбыҙ. Хәҙерҙән үк беҙгә башҡорт теленә тотонорға кәрәк. Һуңға ҡалдырырға ярамай. Бер сәғәт ваҡытты ла бушҡа әрәм итмәҫкә! Торғанда ла, бергә йөрөгәндә лә, ашағанда ла мин уны һиҙҙермәйенсә генә өйрәтергә тейешмен! Шаярып Һөйләшеү, минеңсә, бының иң яҡшы юлы. Был ғәҙәткә әйләнәсәк! Уға башҡорт телен өйрәтеү мәктәптәгесә дәрес биреүгә генә ҡайтып ҡалмаҫлыҡ булһын! Уны тел белеменә, яҙыусыларҙың тел өҫтөндә эшләүенә, тарихҡа һәм әҙәбиәткә, халыҡ ижадына, йыр һәм музыкаға, психологияға бәйләп, тормошҡа бәйләп өйрәтергә кәрәк. Тел бөтә нәмәгә асҡыс булырға тейеш. Минең өсөн башҡорт телендә аңлата белеү генә бик аҙ һәм бәләкәй нәмә. Тел өйрәнеү Надя өсөн ҙур бер эшкә, үҙ өҫтөндә эшләүгә әйләнерлек булһын. Мин Надяның биш йыл эсендә башҡорт телендә уҡый-яҙа аласағына ышанам. Ул 1960 йылда минең был уйҙарымды уҡып көлөрлөк буласаҡ. Минең был көндө тиҙерәк яҡынайтҡым һәм үҙ уҡыусыма ҡарап бөтә күңелдән шатланғым килә. Был бәхетте мин хәҙер үк тоям һәм ғорурланам. Ул көндө мин үҙем дә уның туған теленән Тарас Шевченко шиғырҙарын тәржемә итеп уҡырлыҡ булырға тейешмен! Ә беҙҙең тәүге балабыҙ был көндө русса ла, башҡортса ла һөйләшеп йөрөйәсәк! Юҡ, мин быларҙың тик хыял ғына булып ҡалыуын теләмәйем. Быға тиклем минең хыялдарым тормоштан айырылманы. Бынан һуң да мин үҙемә тоғро ҡаласаҡмын. Надя менән беҙ бәхетле буласаҡбыҙ! 2 июнь. Надя – ҡатыным минең! Ғүмергә! Был бергә йәшәй башлау бер ҡасан да үкенерлек булмаҫ кеүек миңә. Надя миңә һаман яҡыныраҡ, матурыраҡ була бара. Надя – ҡатыным минең! Беҙ бик бәхетле! Беҙ бер нисек тә өйләнгән кеүек түгелбеҙ. Һаман да элеккесә көләбеҙ, шаярабыҙ, һөйләшәбеҙ. — Беҙ балалар кеүек! – ти Надя. Ысынлап та, был шулай. Беҙ балалар кеүек шат һәм ғәмһеҙ. Тик ул мине: — Ирем, – тип ирештерә. Ә мин уға: — Ҡатыным! – тигән булам. Беҙгә бик күңелле. Әгәр ҙә беҙ үҙгәрһәк, тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрҙек. Беҙ хәҙер, нисектер, байыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ! Мин быны беҙгә ҡарап үткән һәм беҙҙең менән һөйләшкән кешеләрҙең ҡарашынан да күрәм. Был ҡарашта беҙҙең менән һоҡланыу бар. Ул бер нисек тә һүҙ менән әйтелмәй – уны тик тояһың ғына. Ғәжәп, миңә хәҙер кешеләр яғымлыраҡ һәм матурыраҡ күренә, донъя мәғәнәлерәк тойола. — Көнләшәм мин һеҙҙән! – тине Рафаэль. Беҙ бик оҙаҡ һөйләшеп йөрөнөк. Мин уны оҙатып барҙым, ул мине оҙатып килде. Һуңғы ваҡытта ул миңә яңынан яҡынайҙы, иғтибарлыраҡ, йылыраҡ була башланы. Бигерәк тә туйҙан һуң Шакир менән Рәйес яҡыная төштөләр. Ә мин киреһенсә булыр тип уйлай инем. Туй үткәреүҙе улар үҙ өҫтәренә алды! Һәм был студентса ғына әҙерләнгән туйҙан бөтәһе лә ҡәнәғәт булды. Мин шатланып бөтә алманым. Надяның мине яратыуында ниндәйҙер матур бер әсәлек тойғоһо ла бар. Надя, ҡатыным минең!.. Етмәһә, тәбиғәттең иҫ киткес матур сағы! Муйылдар ап-аҡ сәскә атып, күперешеп, күбекләнеп ултыра. Алмағастар, сейәләр сәскә атҡан. Бөтә тирә-яҡта хуш еҫ аңҡый. Аяҡ аҫтында йәм-йәшел йомшаҡ үлән, баш өҫтөндә зәңгәр күк. Ҡыуаҡтарҙың ҡуйы япраҡтары араһында һандуғас һайрай. Көнө буйы һабан турғайының моңо ҡойолоп тора. Йөрәк иҫерткес бер шатлыҡ менән тулыша. Яратам мин Надяны! Мин уны тормошто яратҡан кеүек яратам. 6 июнь. Надя – минең ҡатыным! Бөтә кешеләргә, бөтә донъяға был хаҡта ҡысҡырғым, йырлағым килә хатта. Тик мин ҡысҡырмайым – яҙам ғына. Надяны эсәм. Туймайым. Ышаныслы, ҙур бәхет был. Бына ул, минең ҡатыным, эшкә китте. Тегеү фабрикаһында эшләй. Эшләп үҫкән ҡыҙ ул. Ашығыс, етеҙ ныҡлы аҙымдар менән атлай ул. Етеҙлеге һылыу һынына килешеп тора. Ул йыйнаҡ, ынтылышлы, шул уҡ ваҡытта, уйнаҡлап барған тай кеүек, еңел, тилбер. Ниндәй оҡшай миңә уның атлауы! Әйтерһең, ул бына, хәҙер, хәҙер йүгереп китер... Үҙе шундай ныҡ, үҙе иҫ киткес еңел! Осоп йөрөй. Ул баҫҡан ер, ул атлаған юл, юл ситендәге үләндәр, ҡайын япраҡтарының елберләп тороуҙары, аҙымы һайын алмағастарҙың, сейә, груша, муйыл сәскәләренең хуш еҫтәрен уға бөркөп тороуҙары, ул аша атлап сығып йөрөгән йылғаның бер туҡтауһыҙ сылтырап ағыуы, йылға ситендәге тирәктәрҙең уның юлына күләгәләрен ташлап ултырыуҙары, һандуғастар сутылдауы – бөтәһе лә, бөтәһе лә ҡәҙерле миңә. Ул быларҙың бөтәһен дә миңә ҡарағанда нескәрәк тоя белә. Шуның өсөн дә ул йырлай. Надя үҙенең йырлауы менән минең кәмһетелгән иң саф тойғоларымды тормошҡа ҡайтарҙы. Мин яңынан үҙемдең тәүге мөхәббәтемде таптым унда. Тик был мөхәббәт минең үҙемдә генә түгел. Беҙ уны икәүләп кисерәбеҙ. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамайынса, беҙ уны ғүмер буйы һаҡларға, уның менән бөтә тормошобоҙҙо биҙәргә тейешбеҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ! Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа матур буласаҡ. Улар – мөхәббәт емештәре булыр. Донъяның минең өсөн яңы яҡтары асыла. Ҡыҙыҡ! 27 июль. Мин атай буласаҡ кеше! Был бик сәйер ҙә, көлкө лә һәм шатлыҡлы ла. Тимәк, мин бик нормальный кеше! 1956 Хеҙмәт юлы башланғанда... 3 февраль. Шулай итеп, минең газетала эшлэй башлауыма биш ай ҙа үтеп китте! Бөгөн мин әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең мөдире! Газетала мин иң йәш мөдир. Ә эшләйһе эш муйындан! Ауыр буласаҡ. Ләкин мин үҙемдең көсөмә ышанам. Унан һуң был эште мин бөтә күңелемдән яратам. Сөнки әҙәбиәтте, сәнғәтте яратам. Минең эшемдә был күренергә тейеш. Тырышасаҡмын! Бына партияның XX съезы етә. Был минең съезым!.. Йөрәк ашҡына – мин партияға инергә уйлайым. Был уйымды тик Надя ғына белә. Ләкин мин үҙемде һаман да әле партияға инерлек итеп тоймайым. Мин әле бер ниндәй ҙә эш күрһәтә алманым. Мин был юлдарҙы яҙғанда Надя Горькийҙы уҡып ята. Мин уны Горький менән тамам ағыуланым. Был минең бәхетем! Торған һайын мин уны нығыраҡ яратам. Тиҙҙән беҙҙең балабыҙ буласаҡ!.. Йә ул, йә ҡыҙ тыуырға тейеш. Мин, әлбиттә, ул тыуыуын теләйем. Исеме лә әҙер – Салауат! Әгәр ҙә ҡыҙ тыуһа – Тамара. Был хаҡта Надя менән килешеп ҡуйҙыҡ. — Нимә яҙҙың? Уҡы! – ти Надя. Ә мин бер ни ҙә йүнләп яҙа алмайым. Көндәлек алып бармағанға инде бик күп ваҡыттар үтеп китте. Нисектер онотолған. Яҙыуы ҡыйын. Эстәге бөтә кисергәндәрҙе, уйланғандарҙы бер нисек тә ҡағыҙға төшөрөп булмай. Бынан һуң көндәлекте тәртипле алып барырға кәрәк. Юҡһа, эшкә сумып, бөтөнләй яҙырға ла онотоуым мөмкин. Шиғырҙарға ла ҡул тейгән юҡ. Ғөмүмән, был биш ай эсендәге баштан үткәндәр бик ҡыҙыҡлы булды. Мин бөтөнләй үҙгәрҙем булһа кәрәк... Ниндәйҙер бик ҡоро кешегә әйләндем кеүек. Кисерергә ваҡыт та юҡ. Бик аҙ уҡыйым. Горькийҙың хаттарынан башҡа күҙгә күренерлек бер ни ҙә уҡыманым. Ә Надя уҡый. Баштан башлап Горькийға тотондо. Уның уҡыуы менән үҙем етәкселек итәм. Уға уҡырға өйрәнергә кәрәк. Уҡыу культураһын үҙләштереү хәҙер уға иң, иң кәрәклеһе. Бөтә нәмәне Горькийҙан башларға булдыҡ. һәр нәмәгә Горькийҙан сығып ҡарарға! – Был, минеңсә, үҙ өҫтөңдә эшләүҙең иң яҡшы методы! Горький!.. Унан да яҡыныраҡ кешем юҡ минең. Надяға ла ул шулай булырға тейеш. Горький – беҙҙең ғаиләбеҙҙең нигеҙе. Был нигеҙҙе ғүмерлеккә һалып ҡалдырыу - был хәҙер минең иң, иң изге уйҙарымдың береһе. Үҙем аҫтыртын ғына быны уға һеңдерәм. Мин – хәйләкәр уҡытыусы!.. Надя быны тоя. Бөгөн төндә был хаҡта бик оҙаҡ һөйләштек. Ни бары өс сәғәт кенә йоҡлай алдыҡ. Беҙ бик бәхетле. Шуның өсөн был хаҡта яҙыу ҙа бик ауыр. Сөнки ҡайғы, һағыш тураһында кешеләр мәңге яҙып өйрәнгәндәр. Ә бәхет, шатлыҡ ул әле яңы ғына башлана. Шуның өсөн уны яҙыуы ла ауыр. Был яңылыҡты һүрәтләп биреү өсөн бөтөнләй яңы бөйөк художник булырға кәрәк. Бындай художниктың тыуыр көнө бик алыҫ әле. Сөнки донъяның ҡайғылары яҙып бөтөлмәгән әле. Хәҙер шатлыҡты бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән яулап алыу заманы. Нишләптер дөйөм һүҙҙәр яҙам. Ә бит бөгөн ҡот осҡос күренеште күреп, иҫем китте. Редакцияға Батыр Вәлидтең яҙмышы тураһында хат килгәйне. Бөгөн көнө буйы шул хат өҫтөндә ултырҙым. Эшләй-эшләй торғас, шундай хат килеп сыҡты. Киләсәктә быны онотмаҫ өсөн, күсереп ҡуям. Бик сәйер һәм ҡатмарлы мәсьәлә. Был мине бик ныҡ борсой һәм мин уны яҙмайынса булдыра алмайым... Редакцияға хат Шағирҙың яҙмышы хаҡында Шағир үҙе онотолһа ла, халыҡ уның йырын онотмай. Ул уны үҙ йыры итеп, яратып йырлай һәм ҡәҙер итә. Шуның өсөн дә республикабыҙҙың китап уҡыусылары шағир Батыр Вәлидтең «Бүләгем» исемле кескәй генә китабын ҙур шатлыҡ һәм ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул итте. Был йырҙар һәм шиғырҙар йыйынтығы шағир Ғәйнан Әмири тарафынан төҙөлөп, уның ҙур булмаған, ләкин тулҡынландырғыс инеш мәҡәләһе менән асыла. Беҙ, китап уҡыусылар, Ғәйнан Әмиригә уның һуҡыр шағирға күрһәткән был намыҫлы хәстәрлеге, ярҙамы өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Мин, уҡыусы булараҡ, Батыр Вэлид ижадына анализ яһарға йыйынмайым. Был – тәнҡитселәрҙең, әҙәбиәт белгестәренең эше. Ләкин был китаптың донъяға сығыуы бик мөһим факт, һәм уның авторы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк. Батыр Вәлид – башҡорт эшселәре араһынан сыҡҡан беренсе пролетар шағир. Ул үҙе тыуған Баймаҡ районының Түбә руднигынан – шахталарҙан әҙәбиәткә килде. Һәм үҙенең тәүге шиғырҙарында уҡ эшселәр синыфы темаһын күтәреп сыҡты, Бөйөк Октябрь революцияһын һәм коммунистар партияһын данлап йырланы. Киҫкен синфи көрәш йылдарында уның поэмалары, шиғырҙары һәм йырҙары барлыҡҡа килде... Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Батыр Вәлид күп йылдар буйына райондарҙа уҡытыусы булып эшләне, һәм шулай итеп ул, башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, әҙәбиәттән ситтә тороп ҡалды. Ләкин башҡорт әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү тарихын белмәгән кеше генә Батыр Вәлидте оноторға һәм белмәҫкә мөмкин. Шулай ҙа уны үҙенең ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт белгестәре, башҡорт әҙәби телен тикшереүселәр һуңғы ваҡытҡа тиклем «онотоп» килделәр. Мәҫәлән, 1953 йылда сығарылған «Башҡорт поэзияһы» китабында Батыр Вәлид тураһында бер генә һүҙ ҙә әйтелмәне. 1955 йылда сығарылған «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында ла шағирҙың исемен оноторға тырыштылар. Шулай уҡ СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан әҙерләнеп, филология фәндәре кандидаты Ә. Харисовтың инеш мәҡәләһе менән сығарылған «Башҡорт халыҡ ижады» китабында ла ул телгә алынмай. Ә бит был китаптарҙың барыһында ла уның һәр кемгә билгеле булған «Ҡуңыр буға» йыры урынлаштырылған. Был китаптарҙың төҙөүселәре, редакторҙары һәм комментаторҙары донъяла уның авторы – Батыр Вәлид барлығын беләләр инеме һуң? Әлбиттә, беләләр ине! Был ғына ла түгел, улар шағирҙың бөгөнгө көнгә тиклем ижад итеп килеүен дә күрәләр ине. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың береһе, филология фәндәре кандидаты Ә. Харисов был йырҙың авторын юҡҡа һанап, был «Ҡуңыр буға» йырының «һүҙҙәре 1938 йылда Белорет районы Исмаҡай ауылы Ноғман Тайбановтан яҙып алынған», тип яңы «асыш» яһай («Башҡорт халыҡ ижады», I том, 291-се бит)! Ләкин Ә. Харисов был йырҙы ҡайҙан ғына яҙҙырып алһа ла, йырҙың авторы Батыр Вәлид булып ҡала. Ә был йырҙың халыҡ йырына әйләнеп китеүе һәм республикабыҙҙың профессиональ йырсылары репертуарынан төшмәй килеүе шағир ижадының ни тиклем халыҡсан булыуын ғына күрһәтә. Был шағирҙың ысын бәхете! Батыр Вәлид, инде 30 йылдан артыҡ халыҡ тарафынан йырланып килгән, ошо «Ҡуңыр буға», «Салауат маршы» һәм «Күк Ирәндек буйында» йырҙары менән генә лә башҡорт әҙәбиәтендә онотолорға хаҡһыҙ шағир. Ә уның ижады был йырҙар менән генә сикләнәме һуң? Юҡ, әлбиттә, – быны Батыр Вәлидтең «Бүләгем» китабына ингән шиғырҙары ғына ла әйтеп тора. Ә уның был йыйынтыҡҡа инмәй ҡалған күпме әҫәрҙәре бар! Тик уларҙы йыйырға ғына кәрәк. Әгәр ҙә уға ҡәләмдәштәре, бигерәк тә йәштәр, үҙҙәренең ярҙам ҡулдарын һуҙһалар, шағирҙың 1935–1939 йылдарҙа шиғыр менән яҙылған романын һәм шиғырҙарын, йырҙарын, поэмаларын эҙләп табырҙар ине. Ләкин уның «Бүләгем» китабына ингән әҫәрҙәрен дә әле библиотекаларҙан, иҫке газета һәм журналдарҙан эҙләп, күсереп алыуҙа әҙәбиәткә бөтөнләй ҡатнашы булмаған кешеләр ярҙам итте. Ә беҙҙең яҙыусыларыбыҙ шағирға шундай ярҙамды күрһәтергә лә теләмәнеләр. Бөйөк Ватан һуғышынан тома һуҡыр булып ҡайтҡан Батыр Вәлидтең трагик хәле бөтәһенә лә асыҡ. Ул дуҫтарса ижади ярҙамға мохтаж. Етмәһә, шағир, ижад итер өсөн иң кәрәкле тормош шарттарынан да мәхрүм булып, бик ҡыйын шарттарҙа йәшәй. Уның ярҙам итер кешеһе лә, торор урыны ла юҡ. Был хаҡта Өфө ҡала Советы исполкомына күптән уйларға ваҡыт инде. Беҙ, китап уҡыусылар, Батыр Вәлид йырҙарын яратабыҙ һәм уның тағын да яҡшыраҡ әҫәрҙәр ижад итеүенә лә ышанабыҙ. Уның «Бүләге» беҙҙең был ышанысты тулыһынса раҫлай. Тик уға тейешле ижади шарттар тыуҙырырға һәм ярҙам итергә генә кәрәк. Шағирҙың яҙмышы хаҡында Башҡортостан Совет яҙыусылары союзы һәм Өфө ҡала Советы ысынлап уйларға һәм тейешле сара күрергә бурыслылар. Бына шул Г. Әхмәтовтың хатын мин Батыр Вәлидтең үҙенә уҡырға булдым. 10 апрель. Минең күптән инде, Мәскәүҙән ҡайтҡандан бирле, көндәлек алып барғаным юҡ. Бик насар иттем, әлбиттә. Сөнки был ваҡыт эсендә уйланылған күпме уйҙар, күпме хистәр, күпме күҙәтеүҙәр яҙылмайса ҡалды. Ә был ваҡыт эсендә бит бөтөнләй яңы, бөтөнләй башҡаса тормошом башланды!.. Мин инде студент та, уҡыусы ла түгел. Мин инде үҙ аллы эшләй башланым, үҙ аллы йәшәй башланым, өйләндем, ғаилә ҡорҙом, бала атаһы ла булып киттем. Йөрәктә бығаса кисерелмәгән яңы хистәр тыуҙы, ә башыма яңы уйҙар килде, яңы ҡайғылар, яңы шатлыҡтар өҫтәлде. Тормош миңә бығаса күрелмәгән бөтөнләй яңы яҡтарын күрһәтте. Минең яҙмышыма ғәжәп ҡатмарлы булған бик күп кешеләрҙең яҙмышы килеп бәйләнде. Мин беренсе ҡабат шулай тормоштоң иҫ киткес ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡ күренештәре менән йөҙгә-йөҙ килеп осраштым. Быларҙың бөтәһен дә яҙып барыу ни тиклем яҡшы булған булыр ине!.. Хәҙер ул көндәрҙе нисек булған, шул көйөнсә кире ҡайтарып булмай инде. Сөнки һәр бер көн үҙенсә ҡыҙыҡлы, үҙенсә матур, үҙенсә ғәжәп. Иртәгә инде ул кисәнгесә булмаясаҡ. Хатта үткән көндөң һалҡыны ла бөгөнгө көндөң һалҡынына оҡшамаған. Хатта ҡар еҫтәре лә бөгөн башҡаса аңҡый, ҡояш та кисәнгесә йылытмай, ә нисектер икенсерәк. Кисәге ишеткән бер генә һүҙ ҙә бит бөгөн икенсе төрлөрәк ишетелә. Бер кеше тураһында кисәнге фекергә бөгөн ниндәй ҙә булһа бер яңылыҡ өҫтәлә. Бергә эшләгән, бергә йәшәгән кешеләр һәр көн һайын ниндәй ҙә булһа бер яңы яғы менән асыла төшә. Кисәге бына Ғата Имаев менән «Отелло»ны ҡарап сыҡҡандан һуң, бик оҙаҡ һөйләшеп йөрөнөк һәм миңә уның үткәндәре, эске донъяһы, уйҙары асылды. Быға тиклем ул минең өсөн тик бер бүлмәлә эшләп ултырған ауыл хужалығы бүлегенең мөдире генә булһа, бөгөн миңә уның үткәндәре, тәүге мөхәббәте, ғаиләгә, тормошҡа булған ҡарашы ла билгеле. Һәм был кеше миңә ни өсөндөр ҡапыл яҡынайып, матурайып китте. Ә бөгөн бына Яҙыусылар союзында Динис Исламовтың яңы ҙур әҫәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Миндә уға ҡарата ниндәйҙер бер ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ғәжәп бер үҙенсәлекле кеше. Ә быға тиклем минең өсөн тик эскесе генә ине. Әгәр ҙә ул бынан һәләк булып ҡалмаһа, бик оригиналь яҙыусы буласаҡ кеше. Тормошто, кешеләрҙе үҙенсә күрә, үҙенсә аңлай белә һәм үҙ эшенә ысын күңелдән ғашиҡ булған кеше. Тик уны беҙҙең тәнҡитселәр боҙмаһа ғына ярар ине. Юҡһа, үҙҙәренә аҡыл етмәгән кешеләр бик аҡыл бирергә яраталар. Был сифаттың бер күренешен мин бына әле генә күреп, бик һыҙланған килеш ошо юлдарҙы яҙырға булдым... Ярай, яҙмышҡа бының өсөн дә рәхмәт. Юҡһа, мин милләтсе булған кешенең ниндәй меҫкен, ниндәй бысраҡ һәм түбән икәнлеген күрә алмаған булыр инем. Үҙ халҡындан башҡа бүтән халыҡтарҙы күрә алмау – иң әшәке хис икәнлеген мин бөгөн ахырғаса аңлап еттем буғай. Бына Надя менән был квартираға килеп йәшәй башлағандан бирле мин һәр көн һайын тиерлек ошо өй хужаһының бысраҡ һүҙҙәрен тыңлайым. Был өйҙә ялғанлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ һәм һөрһөгән милләтселек еҫе сыға. Был өйҙәге еҫкә түҙеп йәшәү ҡыйын миңә. Ләкин – нишләйһең – йәшәргә тура килә... Урамда тороп булмай. Етмәһә, хәҙер бала бар. Шул баланың ғүмере өсөн, уны һаҡлап ҡалыу өсөн был өйҙә мин яңғыҙ тороп ҡалдым. Бушлыҡ был өйҙә... Күңелһеҙ. Әгәр ҙә бында минең китаптарым булмаһа, Горький булмаһа, мин йәшәй алмаҫ инем... Мин төндәр буйы уҡыйым, яҙам һәм донъялағы иң яратҡан, иң яҡын кешем – Горький менән һөйләшәм – миңә еңелерәк... Нисек кенә Толстой бөйөк художник булмаһын, мин уны Горькийға алмаштыра алмайым!!! Был, әлбиттә, минең бер ҡатлы, балаларса ҡысҡырыуым. Аңлайым быны. Ләкин бына минең шулай ҡысҡыраһым килә был минутта. Һәм миңә нисектер рәхәт, яҡты, иркен!.. Бына ул, Бөйөк Дөрөҫлөк Кешеһе, минең алдымда ниндәйҙер мин белмәгән бер скульптор ҡулы эшләгән ябай бюста «Дауыл ҡошо» булып ултыра. Юҡ, яңылыш яҙам, бюст түгел, бюст һүҙлектә – кешенең баш яҡ ярты кәүҙәһенең скульптураһы, тиелгән; статуэтка был – кеше фигураһын бөтә буйы менән һүрәтләндергән һын – бәләкәй статуя. Уны беҙҙең туйыбыҙға бүләк итеп, Надя менән бер фабрикала эшләгән егет – Дмитрий килтергәйне. (Надя уны ҡалын иренле булған өсөн Митя-Губошлеп тип йөрөтә). Туй бүләктәренән миңә иң оҡшаған, иң ҡәҙерле бүләк шул ине. Мин уны ғүмер буйынса ватмайынса һаҡлағым килә. Бына, нишләптер, күҙгә йәш тула. Бына ул минең аллам бер ағас төбөнә ултырған да ниндәйҙер ғорур ҡараш менән башын юғары күтәреп, күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа-алыҫҡа төбәп, бер тубығын ике ҡулы менән дә ҡаушырып ултыра. Ә уның бер аяғына һөйәлеп ҡуйылған фотокарточкала Надя менән мин өй алдында үҫеп ултырған аҡ ҡайынға һөйәлеп торабыҙ. Донъялағы иң матур, иң ҡәҙерле аҡ ҡайын был миңә, ул әле яңы ғына япраҡтар ярып килә. Был япраҡтар шундай наҙлы, шундай кескәйҙәр әле, улар кисә генә бөрөләрен ярып сыҡҡандар ҙа май ҡояшының йылы нурҙары менән ҡойоноп, балланып, йылтырашып торалар. Уларҙы мин хәҙер сыйырсыҡ йөрәктәре кеүек кенә итеп күҙ алдыма килтерәм. Ләкин был ҡайындың башына мин элеп ҡуйған ояға бер ниндәй сыйырсыҡ та ояламаны, ә мин уны элгән саҡта: «Әгәр ҙә беҙ Надя менән пар була алһаҡ, был ояға ла пар сыйырсыҡ килер», – тип уйлағайным. Ләкин был юрау бушҡа сыҡты, сыйырсыҡтар был ояла бала сығарырға, бергәләп йәшәргә, бергәләп һайрарға теләмәнеләр. Ә беҙ... был яҙҙа бергә ҡауышмайынса булдыра алманыҡ. Муйылдар ап-аҡ булып сәскә атҡайнылар инде. Шул сәскәләр араһында, уларҙың хуш еҫенә иҫереп, шатлыҡтан иҫереп, бәхеттән иҫереп, беҙ туй үткәрҙек... Студенттар туйы ине был, иң матур, иң ғәҙел, иң шатлыҡлы туй!.. Был миңә кисәге генә булған кеүек. Ләкин ул көнгә инде тиҙҙән бына йыл да туласаҡ! Беҙҙең мөхәббәттең тәүге емеше булып улыбыҙ Салауат та тыуҙы. Был исемде беҙ уға тыумағанда уҡ ҡушҡайнык инде. Әсәһенең йөрәк аҫтында ҡыймылдаған саҡта уҡ мин уға: — Салауат! – тип өндәшә инем. Ә ҡыҙ тыуырына мин нисектер күңелем менән ышанманым. Бына инде ул хәҙер Мәскәүҙә. Беҙҙең иң яратҡан аҡ ҡайыныбыҙ янында. Надя уның тормошо тураһында телефондан тик бер-ике һүҙ менән генә хәбәр итте: — Имә лә йоҡлай, йоҡлай ҙа имә! Ғәжәп кеше был, атаһы тураһында уйлап та бирмәй. Ә мин?.. Һағынам уны, төрлөсә итеп күҙ алдыма килтерәм, илаған тауышын ишетәм, әсәһе менән бергәләп ҡойондораһым килә уны, йырҙар йырлап ҡосаҡлап йөрөтәһем килә, донъяға аҙашып ҡараған күгелйем ҡара күҙҙәрен күрәһем килә, уртаға ярылған сейә кеүек кенә ирендәренән үбәһем килә... Был, моғайын, аталыҡ тойғолары була торғандыр инде. Ҡыҙыҡ был тойғо. Мин әле уны тойоп өлгөрә лә алманым, һәм мин ҡайһы саҡта уны ла, әсәһен дә иҫтән сығарам... Ләкин был эшкә сумғанда ғына. Эш ваҡытында ла әле ул кескәй генә йоҙроҡтарын сығарып: — Онотма беҙҙе, атай! – тип янай һәм тағы ла үҙ эшенә керешеп, әсәһенең күкрәгенә тотона. Имә-имә лә тағы йоҡлап китә... Ярай, миңә лә йоҡларға ваҡыт!.. 15 апрель. Туҡтағыҙсы, зинһар, туҡтағыҙсы, уйҙарым!.. Юҡ, туҡтамайҙар улар! Ә баш ауырта. Бына төн уртаһында уянып киттем дә йоҡлай алмайым. Бүлмәм буш һәм һалҡын. Улым да юҡ, улымдан әсәһе лә юҡ янымда. Улар булһа, башым да былай ауыртмаҫ ине. Белмәйем, әллә һыуыҡ тейҙе, әллә йоҡламауҙан был. Кисәге дежурствонан һуң өйгә ҡайтып тормайынса, редакцияла ҡалдым. Бер мәртәбә типографияға төшөп мендем дә Горькийға тотондом. Ләкин оҙаҡ ултыра алманым шикелле, диванға тәгәрәнем. Иртән тороуға – баш таш кеүек ҡатҡан. Ғәжәпләндем. Был нилектән шулай? Сөнки мин редакцияла ҡунғанда һәр саҡ яҡшы, саф баш менән килеп тора торғайным. Һыуыҡ ҡына теймәгән булһа ярар ине. Көндәр һыуыҡ, ә мин апрель башынан бирле яланбаш йөрөйөм. Бер һалғас, яңынан кейгем килмәй. Ниңә һуң инде бындай фанатизм!.. Әллә бик күп тартыуҙан ауыртамы? Бөтәһе лә бергәлер инде, ахыры. «Отелло»ны ҡарап сыҡҡандан бирле ауырта. Отелло! «Черный я..!» Ни тиклем көс, ни тиклем дөрөҫлөк һәм ни тиклем кешеләргә ышаныс! Ә был ышанысты алдайҙар! Яуыз Яго!.. Ялған, ялағай, яланғас «Я»!.. Ялған донъя!.. Бөйөк Ышаныстың алданыу трагедияһы! Пушкин ни тиклем тәрән аңлаған Шекспирҙы! Пушкиндан һуң хатта Горький ҙа Отеллоны көнсөллөк тибы тип яңылыш яҙған. Ә Отеллола ысынлап та кешегә Горькийса ышаныу! Фильмда тик Дездемона ғына матур түгел. Отеллоны ғазаптары өсөн яратҡан сабый күңелле тиң булырлыҡ матур ҡыҙ юҡ. Шундай ғәжәп трагедияның был иң үкенесле кәмселеге!.. Дездемонаны йөрәк менән яратып булмай. «Она меня за муки полюбила, А я ее за состраданье к ним». Сострадание – аяу, йәлләү, ҡыҙғаныу, ҡайғыһын уртаҡлашыу, Отеллоның ауыр ғазаптар менән үткән тормошон, уның кешелекле, саф матурлығы һәм уның шундай ҡаҡшау белмәҫ ихтыяр көсө, батырлыҡтар менән нығытылған тәүәккәллеге алдында баш эйеүсән мөхәббәт юҡ был Дездемонала. Мин быны хатта бына хәҙер генә төшөмдә күреп уяндым... Әйтерһең, мин уйҙар ғазабын кисергән Отелло һәм минең шундай яғымлы, шундай нескә күңелле, шундай матур йөрәкле Дездемонам минең күҙҙәремдән, ирендәремдән үбә!.. Мин үҙемдең был ғазаптарымды аңлай белгән, уларҙы бөтә тәрәнлеге менән күреп, үҙенең мөхәббәте менән баһалай белгән ҡатын-ҡыҙ тойғолары алдында баш эйәм!.. Юҡ, юҡ ул мин уянып киткәс!.. Ул ҡайҙалыр алыҫ Мәскәүҙә минең улымды, кескәй генә Салауатымды тирбәтә, имеҙә, иркәләй... Ә мин яңғыҙ, бүлмәм буш һәм һалҡын. Мин тик ошо юлдарҙы яҙып ҡына йыуанам, йылынам һәм был һалҡын бушлыҡ ниндәйҙер бер йәнлелек менән тулған кеүек. Мин һаман да әле хат яҙа алмайым һиңә, Надя! Кисер мине, ҡәҙерлем!.. Быға һин үҙең дә ғәйепле. Мин яҙмаһам, һин үҙең яҙырға тейеш инең. Ә һин минең яҙыуымды ғына көтәһең!.. Ә, бәлки, көтмәйһеңдер ҙә? Сөнки минең менән йәшәү, минең ҡатыным булыу бик еңел эш түгел, дуҫҡай! Ни тиклем мин һине бәхетһеҙ итеүемдән ҡурҡҡанлығымды белһәң ине!.. Был минең берҙән-бер ҡурҡынысым. Мин үҙем өсөн ҡурҡмайым. Мин үҙемдең йәшәү маҡсатымды, был маҡсатҡа барыр юлымды һәм был маҡсатҡа юл күрһәтеүсе кешемде тапҡанмын инде... Бына ул кеше минең эргәмдә ултыра. Мин ул ҡушҡанса эшләйем, уҡыйым, яҙам. Һинең өсөн уның һуңғы китабы тураһында яҙған уйҙарымды хәҙер үҙ телемә тәржемә итәм. Тиҙҙән был эш бөтәсәк. Һәм мин иркенләп тын аласаҡмын. Сөнки был – Еңеү! Белһәң ине һин Еңеү шатлығын, Надя! Был иң матур шатлыҡ донъяла – эшең менән еңеү шатлығы! Беләм, уның минең өсөн күпмегә тороуын аңлай белмәгән кешеләр ҙә булыр, улар бар ҙа инде... Ләкин күп кешеләр уны йылдар үткәс тә баһалай белерҙәр. Мин быға ышанам! Шул ышаныс ҡына мине көслө итә. Бәлки, мин эшләгән эш үҙем теләгәнсә көслө лә булып сыҡмаҫ. Ләкин ул минең бөтә күңелемде һалып эшләгән эшем! Һин быны беләһең, Надя. Уны баҫып сығарыу тураһында бөгөн журнал редакторы менән һөйләштем. Ыңғай фекер әйттеләр. Мәҡәләнең русса тексын Әхнәф Харисҡа уҡырға биргәндәр. Яҡшы! Был кешегә мин бик ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Кешегә иғтибарлы кеше. Мин әле малай ғына саҡта ул мине Мәскәүгә, Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәргән кеше. Мин уның байтаҡ ҡына ярҙамдарын күрҙем. Минең эшем уға оҡшаясаҡ. Нисектер ышанам. Кешегә, уның яҡшылығына ышаныу күңелле. Бына бөгөн Ихсан менән һыра эсеп ултырҙыҡ. Байтаҡ нәмәләр тураһында һөйләштек. Мин уны юҡҡа ғына артыҡ түбәнһетеп күргәнмен. Бергә эшләй башлағандан бирле ул миңә оҡшай башланы. Эшен яратып эшләй. Тик нимәлер етмәй уға. Артыҡ тарҡау булһа кәрәк. Уйлап еткермәй. Һәр саҡ иғтибар итеп тороуҙы талап итә. Әлбиттә, был кәрәк. Бөгөн уға Горькийҙың утыҙынсы томын алдырҙым. Уҡыһын әйҙә. Был уға тәүге тәжрибә!.. 22 апрель. Надяға хат яҙып бөттөм дә, баш аҫтыма костюмды йәйеп, диванға яттым... Һәм шунда уҡ йоҡлап киткәнмен. Иртән, нисек ятҡан булһам, шулай килеп торҙом. Үлек кеүек йоҡлағанмын. Редакциялағы шул диванда ятып йоҡлауҙан да тәмле йоҡо юҡ. Баш саф, күңелгә яҡшы. Тышта ҡояш. Радионы борҙом – Ленин тыуған көн!.. 27 апрель. Надя менән телефон аша һөйләштек. Тауышы насар ишетелә, ул нисектер бойоҡ. Ә Салауат үҫә, бик яҡшы, ти. Шулай ҙа был һөйләшеүҙән нисектер күңелгә ауыр булып ҡалды. Ниңә ебәрҙем инде уларҙы!.. Ахмаҡтың ахмағы мин!.. Дипломды көҙгә ҡалдырғандар. Ә госэкзаменға май аҙағында килергә. Тағын да бер ай көтөргә!.. Күңелһеҙ хәбәр. — Тиҙерәк кил, Рәми!.. – ти Надя. Үҙе саҡ-саҡ ҡына иламай. Уға бигерәк тә ҡыйын, ахыры. Май байрамын үткәрергә Рафаэлдәр үҙҙәренә саҡырғандар. Рафаэль ҡарап ҡына йөрөтһә ине инде. 28 апрель. «Әҙәби Башҡортостан»ға «Клим Самгиндың тормошо»н илтеп бирҙем. Хәким ағай ҙа, Әхнәф Харис та ыңғай фекерҙәләр. Июнь номерына биреләсәк. Хәким ағай һуңғы шиғырҙы уҡып: — Көслө шиғыр бит был! – тине һәм үҙенә алып ҡалды. Бәлки, май номерында «Таш сәскә», «Ҡайтыу» һәм «Кәмәлә» менән бергә баҫылыр. Хәким ағай менән квартира тураһында, Плеханов һәм Луначарский тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның ҡатыны ла ул тапҡан. Исеме – Азамат. — Беҙҙең дә икенсе ул тыуһа – Азамат буласаҡ! – тинем мин. Ул көлдө. Кис аҡса бирҙеләр. Ихсан менән салбар эҙләргә сығып киттек. 632 һумға бер салбар кейеп алғас, Миәссәр, Ихсан һәм мин – өсәүләп «йыуырға» киттек тә бәләгә ҡаптыҡ. Ресторандан сыҡҡанда инде беҙ иҫерек инек. Ихсан бер иҫереккә бәйләнде: — «Мин һине котлетҡа өйләндерәм!» Һүҙҙән-һүҙ, йоҙроҡтан-йоҙроҡ китте. Мин айырырға ла өлгөрмәнем, милиционерҙар эләктереп тә алдылар. Ә мине машинаға ултыртманылар. Урамда кисәге күргән һатыусы ҡатын осрап: — Минең ирем бик көнсөл бит, – тип әйтергә лә өлгөрмәне, ире килеп сыҡты. Иҫерек булһа кәрәк. — Ниңә һин минең ҡатын артынан йөрөйһөң! – тип яҡанан бөрөп алды ла һуғышырға саҡырҙы. Ә минең ҡулда әйберҙәр, китаптар. — Мин һиңә ҡулымды бысратмайым, – тинем. Һәм ул ҡатынын елтерәтеп алып ҡайтып китте. Бик тупаҫ әҙәм, үҙе артист! Ҡатынына көн күрһәтмәй, ахыры. Уныһы бер меҫкен ҡол кеүек. Беҙ Надя менән Өфөгә ҡайтҡанда поезда бергә килгәйнек. Надя менән күрешеп-һөйләшеп йөрөйҙәр ине. Бала тапмай – аборт яһатҡан ҡатын. Үҙе бик йәш кенә. Бик ҡыҙғаныс хәлдә. Был күренештән һуң мин баҡсаға барып ултырҙым. Юлда Назар Нәжми, Ғилемдар ағай һәм Муса Ғәли йондоҙҙарға ҡарап торалар ине, уларға күренмәй генә уҙып киттем һәм мин дә йондоҙҙар ҡарап ултырҙым. Төн йылы, ағастар япраҡ ярырға әҙерләнәләр. Кеҫәнән бер лимон килеп сыҡты – ҡайҙан килеп эләккәндер!.. Ашағас, бөтөнләй айныным буғай, трамвайға ултырҙым да ҡайтып киттем. Ишекте Хәлил ағай асты. Йоҡо килмәй – альбомдар аҡтарып, Надяның һүрәттәрен ҡарап яттым. Тиҙҙән инде беҙҙең өйләнешеүгә бер йыл да тула!.. Ә ваҡыт иҫ киткес тиҙ үтә. Бөтәһе лә кисәге генә булған кеүек... Ресторанда беҙҙең менән бергә Баязит Бикбай ҙа бергә ултырҙы. Мине үлтерҙе ул: — Һинән, Рәми, шағир сыҡмай. Һин ғалим булырға мөмкинһең, ә шағир була алмайһың. Һин бик аҡыллы егет, ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай ул. Шағирҙар бит чудаковатый була. Янырға кәрәк. Янмайынса шиғыр яҙып булмай. Ғәфү ит мине, ләкин мин һиңә, ҡустым, дөрөҫөн әйттем, – тине ул. Был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ауыр булды миңә. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр? Ә мин яҙам. Китап та баҫтырып сығарҙым. Ә ул үҙе бик йылы рецензия ла яҙып сыҡты. Бөгөн килеп миңә: «Һинән, Рәми, шағир сыҡмай», – ти! Ғәжәп! Ниңәлер мине аҡыллы итеп ҡарайҙар. Ләкин минән дә ахмағыраҡ кешеләр бармы икән һуң? Тик мин шул тиклем үҙемдең ахмаҡлыҡты йүгәнләп тотам ғына!.. Бөтәһе лә эстә яна, кешеләргә үҙемдең ҡайғыларымды, ғазаптарымды күрһәткем килмәй. Ә минән дә буталсыҡ кеше юҡ кеүек... Маркс шағирҙарҙы йүләрерәк була тигән. Ә мин, тимәк, йүләр түгел!.. Үҙемде-үҙем генә йүләр тип йөрөгәнмен, ахыры. Ғәжәп, ғәжәп. Ғөмүмән, кешеләр бик ҡатмарлы!.. Ләкин мин яҙмайынса булдыра алырмынмы икән һуң? Белмәйем. Хәҙергә был хәлемдән килмәй минең. Мин үҙемде бер кемдең дә ҡулы теймәгән ҡыҙ кеүек итеп тоям. Һәм мин үҙемдең ҡыҙлығымды нисек итеп инде яратмаған бер кешемә бирәйем ти? Булмай! Бер нисек тә булдыра алмайым. Үлермен, ләкин намыҫымды бер кем дә таптай алмай. Поэзия ул минең намыҫым!.. Мин уны тик бер кешегә генә – халҡыма ғына, туған телемә генә бирә алам. Был, әлбиттә, ҙур һүҙҙәр!.. Ләкин мин уларҙы үҙем өсөн иң ауыр саҡта ғына әйтә алам. Был һүҙҙәр ни тиклем ҙур булһа ла, мин уларҙы йөрәгемә һыйҙыра алам. Шулай ҙа ауыр миңә!.. Бязит ағайға үҙемдең намыҫымды яҡлап ҙур хат яҙаһым килә. Дөрөҫ аңлай белмәй ул мине. Юҡ, яҙмайым. Бәлки, берәй ваҡыт һөйләшеп ултырырбыҙ әле. Киләсәк күрһәтер. Мин нишләптер үҙемдең киләсәгемә бик ныҡ ышанам. Кешеләр яңылыша, ләкин ваҡыт үҙенекен итә. Бөтә фекерҙәр ҙә, бөтә хистәр ҙә ваҡыт менән генә һынала!.. 29 апрель. Иртән Миәссәр менән Ихсан килеп керҙе. Эштәр хөрт. Ихсан милиция бүлегендә ятып сыҡҡан. Редакцияла ла белгәндәр. Ҙур ғына тауыш ҡубасаҡ. Барыһына ла мин ғәйепле: ҡарап тороп һуғыштырҙым бит! Айырманым. Мин Ихсанды аҡылға ултыртырҙар аҙыраҡ, тип уйлағайным. Ә ул һуғышҡан егетенең күҙенә ултыртҡан – күҙе күренмәй, ҡап-ҡара янып сыҡҡан, ти Ихсан. Үҙенең костюмы ҡанға буялып бөткән. Ҡан йыуылыр, ләкин был араҡының әҙенән байтаҡ ҡына ҡыҙарып йөрөргә тура киләсәк. Ҡалаға киттек. Майҙы бергә үткәрергә булдыҡ. Тик, нишләптер, күңел тартмай. Мунса инеп сыҡҡас, «Родина» кинотеатрында «Девушка из Бомбея» картинаһын ҡараным. Икенсе ҡабат күрҙем инде. Бик матур музыка! Шамала Надя менән ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар!.. 12 октябрь. Нимә эшләргә? Йыйылыштан сыҡҡандан һуң, өйгә ҡайтып еткәнсе шул хаҡта уйланым. Был һорау хәҙер миңә бер минутҡа ла тынғы бирмәйәсәк. Ысынлап та, нимә эшләргә миңә? Мин бит бөгөндән алып «Совет Башҡортостаны» газетаһының комсомол ойошмаһы секретары!.. Эште нисек итеп, нимәнән башларға? Минең быға тиклем был эштә эшләгәнем юҡ, тимәк, тәжрибә лә юҡ тигән һүҙ. Етмәһә, мин бик ҡыйыуһыҙ, яй һәм «шым» кеше... Үҙ тәбиғәтем – үҙемә дошман. Өҫтәүенә, йыйылыш-фәләндәрҙә һөйләй ҙә белмәйем, бик тулҡынланам, һәм, нисектер, үҙ тауышымды ишетеүҙән үҙем ҡурҡҡан кеүекмен. Ә миңә хәҙер һәр бер йыйылыш, һәр бер ултырыш һайын сығыш яһарға тура киләсәк. Иң ҡурҡытҡаны – шул инде. Ә йәнһеҙ, ҡоро, бушты-бушҡа ауҙарып һөйләнеүҙәрҙе мин йәнем-тәнем менән күралмайым. һүҙ әйткәс – һүҙең кешеләрҙең күңеленә инерлек, яндырырлыҡ, уйландырырлыҡ булһын! Кешеләр менән эшләүҙән дә ауыр эш юҡ. Һәр бер кешенең үҙ тәбиғәте, үҙ донъяһы, үҙ тормошо бар. Уларҙың һәр береһенә төрлөсә яҡын килә белергә, эсенә үтеп инә белергә, уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Шунһыҙ бер эш тә сыҡмаясаҡ. Ә эш ҙур, ҡатмарлы һәм ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, һиңә кешеләр яҙмышы бәйләнгән. Ысын етәксене мин башҡаса күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Миңә нәҡ бына шундай ысын етәксе булырға кәрәк. Был – минең теләгем, уйым һәм кешелек бурысым. Был бурысты түләй алырмынмы һуң мин? Был ышанысты аҡлай алырлыҡмы һуң мин? Бының өсөн мин нишләргә, эште нимәнән башларға тейешмен? Үҙемдән! Башҡа бер кемдән дә түгел. Үҙемдең эштән, үҙебеҙҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенән... Ә бүлектә эштәр шәптән түгел. Икенсе иң кәрәкле эш – стенгәзиткә иң ҙур иғтибарҙы бирергә һәм уны ысын ҡоралға әйләндерергә. Өсөнсө – ойошмалағы ун бер комсомолецтың һәр береһенә үҙенең ҡулынан килерҙәй, яратып башҡарырлыҡ эш бирергә. Бөгөнгә етеп торор, йыйылыш тураһында иртәгә яҙырмын. Башҡа бик күп фекерҙәр килде. Былай ғына яҙып бөтөрөрлөк түгел. Иртәгәнән эшкә башларға кәрәк. Иң беренсе эш – редакция йорто уртаһында баҡса булдырырға, эште ағастар ултыртыуҙан башларға кәрәк. Йыйылышта мин шундай тәҡдим индерҙем. Бөтәһенә лә был тәҡдим оҡшаны. Бигерәк тә үҙемә. Был минең күптәнге хыял. Ҡайҙа ғына булма, ҡайҙа ғына эшләмә, Горький әйткәнсә, үҙ артыңдан йәшел эҙ – йәшлек эҙе ҡалдыр!.. 13 октябрь. БЮРОКРАТ I Эшләү ауыр буласаҡ. Беренсе аҙымда уҡ ҡаршылыҡ!.. Иртән редакцияға килгәс тә үк, редакция йортона сығып, йорт уртаһында өйөлөп ятҡан ике ҙур сүп-сар тауына ҡарап торҙом. Ҡайҙан сыҡҡан был тиклем ер!.. Был ике тауҙы ҡул көсө менән генә юҡ итеү мөмкин түгел. Машина менән сығарғанда ла бер йөҙ йөктән кәм булмаҫ. Көрәктәр менән дә эш сыҡмаясаҡ. Экскаватор кәрәк. Майҙанды һуңынан кирбес-таштарҙан таҙартырға кәрәк. Шунан һуң ғына ағастар ултыртыу мөмкин. Эште нисек башлап ебәрергә? Кәңәшләшергә кәрәк. Ғүмәргә керҙем. Ғүмәрҙә минең иң ҙур таяныс. Унан һуң, әлбиттә, Флюра. Ул элекке секретарь, хәҙер – минең ярҙамсым. Дәртле ҡыҙ. Ләкин үҙе: «Мин инде хәҙер эт ҡайышына әйләнеп бөткәнмен инде», – ти. Кисәге йыйылыштан һуң беҙ уның менән тәүге ҡабат асыҡтан-асыҡ бөтә күңелдән һөйләшеп ҡайттыҡ. Быға тиклем... һөйләшмәү хатта бик ғәжәп һәм сәйер булып тойолдо миңә. Үҙенең бөтә зарҙарын һөйләп ташланы. Мин уйлағанса, фекерҙәр – уртаҡ. Ә Ғүмәр менән инде мин күптән бирле таныш, ул художник булғас, уның менән редакцияла эшләй башлағандан бирле бер-беребеҙгә яҡынбыҙ. Ә башҡаларҙы тик эш буйынса ғына беләм. — Ну, Ғүмәр, нишләйбеҙ? Эште нимәнән башлайбыҙ? — Баҡсанан башлау кәрәк булыр, – тине ул. Икәүләп Флюраға индек тә коридорға сығып ҡына тәүге кәңәшмәне үткәрҙек һәм нәшриәт директоры Зәки Фәттәхов менән һөйләшергә булдыҡ. Беҙҙең бер юлы өсәүләп килеп инеүгә ул бер аҙ аптырап ҡалды булһа кәрәк. (Ҙур бер конвертҡа «Москва, ЦК КПСС» тип яҙып ултыра ине. Мин уның бөтә хәрәкәттәрен күҙәтеп торҙом.) — Беҙ һеҙгә ҙур йомош менән керҙек, – тине Ғүмәр уға. Директор өҫтәл өҫтөндәге быялаға бармаҡтарын бер-береһенә ҡаушырып ҡуйҙы ла, башын артҡараҡ ташлай биреп: — Йә, ниндәй йомош? – тип өҫөбөҙгә лә сәйерһенеп кенә ҡарап алды һәм йөҙөндә йылмайыу билдәләре яһаны. Мин уның ҡаушырылған бармаҡтарының быяла өҫтөндә бейеүен ҡарап торҙом. Ғүмәр бик ҡыйыу ғына итеп бөтә эште аңлатып бирергә кереште. Директор бармаҡтарын бер-береһенән ысҡындырып, өҫтәл өҫтөндә ятҡан шырпы ҡабынан теш таҙартҡыс ярып алып, үҙенең иң төп эшенә күскән һымаҡ, тәмләп-тәмләп, тештәрен соҡой башланы. Һәм йөҙөнә төрлөсә ҡиәфәттәр сығарып, һәр бер һүҙгә үҙенең ғүмер буйы ятланған һүҙҙәрен бүләк итә торҙо. Беҙҙең был инициатива, уныңса, әлбиттә, бик яҡшы... Ләкин... бөтә нәмә Ағиҙел күперенә барып бәйләнгән һәм йортто сүп-сарҙан таҙартып, баҡса ултыртыу райком һәм горком ҡөҙрәтенән башҡа бер нисек тә мөмкин булмаған хәл. Ул үҙенең бөтә дәлилдәре менән был фекерҙе раҫлап, райком һәм горком етәкселәренең телефон номерҙарын бер карточкаға яҙып бирҙе. Ләкин был номерҙар барып сыҡманы. Сөнки Өфө менән Черниковск ҡалаларының бергә ҡушылыуына бер нисә ай үтеп китеү сәбәпле, телефон номерҙары ла алмашынып бөткән икән!.. Шулай ҙа ул телефон номерҙарын табып бирҙе. Күп һорауҙар менән беҙ телефон хужаһын борсоп торманыҡ. Уның ике сүп-сар тауы араһында аптырап ултырыуы беҙгә асыҡ ине инде. Мин уның Яңы йылға ҡаршы яҙылған бер мәҡәләһен дә иҫкә төшөргәс, был ағайҙың ижади эшмәкәрлеге лә уның хужалыҡ эшмәкәрлегенә ярашлы икәнлегенә бер ниндәй ҙә шик-шөбһә ҡалманы. Беҙ парторг Зөлҡәрнәев ағай менән генә кәңәшләшергә булдыҡ, ул беҙҙең инициативаны хупланы, һәм беҙ BJIKCM-дың район комитеты менән һөйләштек. Эште дүшәмбе ҡарарға булдылар. Был тәүге ҡаршылыҡ беҙҙе нисектер дәртләндереп ебәрҙе. Мин Ғүмәр менән Флюраның миңә бик ҙур таяныс буласаҡтарына ла ышандым. Тик был ялҡын һүрелеп кенә ҡалмаһа ине. — Фәттәховтан да бюрократ кеше юҡ, – тине Флюра. — Бюрократ I булды улайһа, – тинем мин. Көлөштөк тә был эште Ғүмәргә тапшырҙыҡ. Йәшеллек өсөн ул яуаплы. Кейгән костюмы ла йәшел, әйҙә, йәшеллек эшен дә ул алып барһын. Был – беҙҙең ойошма алдында тәүге крепость, тәүге ҡаршылыҡ. Коллективты туплауҙа был эш тәүге һынау буласаҡ. 1957 16 февраль. Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй башланым. Бөгөндән алып мин – редактор. Хәйерле булһын!.. Редакция мөдире Фәрит Иҫәнғолов: — Аяғың еңел булһын әйҙә! – тип, эш планы менән таныштырып сыҡты. Эш ҡыҙыҡ, минең үҙ эшем был. Шәйехзада Бабичтың, Дауыт Юлтыйҙың һайланмаларын, Крыловтың басняларын, «Йәш көстәр» альманахын, Рабиндранат Тагорҙың хикәйәләрен һәм Горькийҙың «Фома Гордеев» китабын сығарырға кәрәк. Эште ҡайҙан, нимәнән башларға? Горькийға тотондом! Күңелгә иң яҡын эш шул кеүек. Тәржемә – Хәсән Мохтарҙыҡы. Редакторлауҙы Әкрәм Биишев башлаған – мин уны дауам иттерергә тейешмен. Сөнки мин уның урынына күстем. Ә ул филиалдың президиумына китте. Эш еңелдән булмаһа ла, ҡыҙыҡлы буласаҡ. Сөнки үҙеңә үҙең хужа! Бер кем дә һине тартҡыламай, бер кем дә һиңә ҡысҡырмай. Үҙ алдыңа эшләйһең, һәм бөтәһенә лә үҙең яуап бирәһең. Ә газетала бит редакторҙан алып корректорға тиклем эте лә, бете лә йәнеңде кимерә. Секретариат та тартҡылай, авторҙар ҙа йөҙәтә. Газета көн һайын сыға – көн һайын уға сейле-бешле әйберҙәрҙе бешереп биреп кенә өлгөрт!.. Мин эште минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләй белмәйем. Ҡулдарым да бармай, намыҫым да ҡушмай. Үҙ эшемә теләһә кемдең ҡулын да тыҡтыраһым килмәй. Эште еренә еткереп, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәҫлек итеп эшләйһем килә. Сөнки газетаны халыҡ уҡый, уның ҡулына буш нәмәләр тоттороу – енәйәт!.. Уға биргән нәмәләр уҡырлыҡ булһын... Ләкин редакцияла минең был ҡараштарым һәм минең был тәбиғәтем менән иҫәпләшеп тормайҙар. — Давай оперативность! – тип ҡысҡыра ғына беләләр. Ә ҡулынан эш килерҙәй кешеләр бик аҙ. Күбеһе наҙан һәм ҡурҡаҡ. Телде лә белмәйҙәр. Редакцияла корректорҙан редакторға тиклем (күбеһе) татар... Һәм шул кешеләр башҡортса газета сығарырға тейеш! Үҙҙәре белмәгән һүҙ булһа (ә улар бик күп), был һүҙ башҡорт телендә юҡ, тип ҡысҡырырға ғына торалар. Дежурный булған көндәрҙә һуғыша-һуғыша нервыларың ҡалмай, төҙәтә-төҙәтә күҙҙәрең сыға. Етмәһә, корректорҙары ла, редакторҙары ла: — Баш китмәҫлек хата булмаһа, ниңә уны төҙәтеп ултыраһың! – тип ҡысҡыралар, типографияға төшһәң дә – шул уҡ «философия». Дежурный булған көндәрҙә бөтә йәнең-тәнең иҙелеп ҡайта. Ғәҙәттәге көндәрҙә лә эшем бөтмәй тороп, башҡалар кеүек ваҡыт етеү менән үк ҡайтып китә алмайым. Эшләйһең, эшләйһең – эшеңде күргән кеше лә юҡ. Бына бер йыл мин әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген бер үҙем тиерлек алып барҙым. Йылдар буйы өйөлөп килгән материалдарҙы хәл итергә – хаттар яҙырға, бүлекте таҙартырға тура килде. Шул арала экзамендарға әҙерләнергә, диплом да яҡларға кәрәк ине. Етмәһә – комсомол ойошмаһына секретарь ҙа итеп ҡуйҙылар... Тел буйынса дискуссия материалдарын һәм Бабич менән Юлтый шиғырҙарын баҫтырыу өсөн редакторат менән дә, секретариат менән дә һуғышырға тура килде. Бабич һүрәтһеҙ сыҡты, ә Дауыт Юл тыйҙың һүрәтен художник Мөхәмәтшин менән цинкографтарҙан ялбара-ялбара, секретариатҡа әйтмәйенсә эшләтеп, подпольно сығарып ебәрҙек. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыу, башҡорт культураһының яҙмышы тураһындағы дискуссия материалдары өсөн редактор Рамазанов менән дә, урынбаҫары Вахитов менән дә бик ныҡ бәрелешеп алырға тура килде. Мине милләтселек юлына баҫыуҙа ғәйепләргә һәм, коммунист булараҡ, миңә, комсомолецҡа, аҡыл өйрәтергә тырыштылар. Юҡ, мин бынан тамсы ла «аҡылға» ултырманым! Тик күңелдә бик ауыр тойғолар ғына тороп ҡалды. Дискуссия барып сыҡманы, уны төрлөсә юлдар менән баҫып, томалап ҡалдырҙылар. Материалдарҙы бик ныҡ ҡыҫҡартып, «бестереп» һәм бер-береһенән бик ныҡ айырып, бер нисә көндәр үткәс кенә, сығарҙылар. Бик күп материалдар баҫылмайынса, «обзорға» ғына тороп ҡалды. Бына һиңә матбуғат ирке!.. Бына һиңә милли культура тураһында ҡайғырыу!.. Ҡайғыңдан, теләһәң, аҫылынып үл! Ә көрәшер өсөн яңғыҙ булмаҫҡа кәрәк! Бер нисә генә кеше был эште эшләй алмай. Бөтә урында юғарыға ҡарап табыналар. Бөтәһе лә үҙ урыны өсөн ҡурҡа, ҡалтырай. Йөрәгендә халҡы булған кешеләр беҙҙә бик аҙ шул әле. Уларҙы ултыртып, төрмәләрҙә ҡырып бөткәндәр. Ә тороп ҡалғандарҙың ҡото осоп бөткән. Йәштәр уйларға, ҡайғырырға, янырға белмәйҙәр. Түргә ултырған һәр береһе сабатаһын түргә элә, кабинетҡа, яҡшы квартираға инеп алғас, халҡын да онота... Хатта туған телен дә онота!.. Шулай итеп, кешеләр кеше булырға ла онота... Ә эш эшләрҙәй егеттәр эш тураһында түгел, ҡайтып йоҡларлыҡ бер мөйөш тураһында уйларға мәжбүр була. Торорға уларҙың квартиралары юҡ, бурыстарын түләргә аҡсалары юҡ, ижад утында янаһы урынға донъя ваҡлыҡтары тураһында уйлап, меҫкен хистәр менән быҫҡырға мәжбүрһең... Өйгә ҡайтыуыңа ҡатының: — Утын бөтә, аҡса юҡ, – тип ҡаршы ала. Балаң һалҡында күгәреп илап ултыра. Күңелһеҙ булып китә, йөрәгең әрней, ҡайғыларҙан башың ҡата. Ни тиклем фәҡир беҙ – китаптарыбыҙҙан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Был хаҡта уйламаҫҡа тырышаһың, был хаҡта яҙыуы ла оят, ләкин уйламай сараң юҡ, был уйҙар һинең кешелегеңде иҙә, йәберләй һәм кәмһетә. Ни тиклем бирешмәҫкә тырышһаң да, бирешәһең. Юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә яратҡан ҡатыныңа ауыр һүҙҙәр әйтәһең, шул һүҙҙәрең өсөн һуңынан выжданың ғазаплай. Ҡайһы саҡтарҙа өйгә ҡайтаһың килмәгән көндәр ҙә була. Ҡайҙа барырға ла белмәйһең. Күптәр әсәләр, ә мин хатта быны ла булдыра алмайым бит. Кешеләр менән һөйләшеп ултырыр инең, һөйләшерлек һүҙең дә юҡ. Ҡайғыларың ғына бар. Уларҙы тештәрең араһына ғына ҡыҫаһың да өндәшмәйһең. Был хаҡта һөйләшеү миңә кәмһеткес булып тойола. Был хаҡта башҡаларҙы ла тыңлайһың килмәй. Юмористарға – еңелерәк, ләкин, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, мин юморист та түгел, исмаһам!.. Ә ғүмер үтә, йәшлек үтә, иң ҡәҙерле алтын ваҡыттарың үтә!.. Эшләнгән эш бик аҙ. Күңелдә ҡәнәғәтһеҙлек. Донъя менән дә, үҙең менән дә риза түгелһең. Тәбиғәткә, балаларға ҡарайһың – бер аҙ еңелерәк булып ҡала. Ләкин һуңынан тағы ла ауырыраҡ. Тәбиғәт үҙенең сафлығы, матурлығы, бөйөклөгө менән һинең тормошоңдоң ни тиклем тәбиғи булмауын күрһәтә. Ә балалар һинең ни тиклем уларҙан алыҫайған булыуыңды әйтә. Ни тиклем саф уларҙың ҡараштары, ни тиклем ғәмһеҙ һәм хәйләһеҙ... Ауыр миңә, ҡайһы саҡта бик, бик ауыр. Кешеләргә хатта ышанысың ҡаҡшаған кеүек. Был – иң ҡурҡынысы!.. Ҡайҙалыр юғалаһың, онотолаһың килә. Ләкин онотолоп та, юғалып та булмай. Күңелдә өмөт бар. Үтер, барыһы ла үтер әле, тип йыуанған булаһың. Былар бөтәһе лә ваҡытлыса, тиһең. Тарихҡа ҡара! – тиһең. Шундай ауыр саҡтарҙа мин үткәндәргә ҡарайым һәм күңелгә яҡты, матур, аҡсаһыҙ киләсәк бик яҡын булып тойола. Шул киләсәкте яҡынайтыу өсөн нимәлер эшләргә, файҙалыраҡ булырға тырышаһың. Һәм бына мин яңы эшкә килдем. Ә кешеләр ҡайҙа ла кеше!.. 17 февраль. Әйе, кешеләр ҡайҙа ла кеше... Мин үҙемдән дә, кешеләрҙән дә ҡәнәғәт түгел. Кешеләрҙең күбеһе еңел генә йәшәргә яраҡлашҡан, үҙенең тормошон бер төрлө юлға һалып алһа, күптәргә шул еткән. Уйларға ла, тойорға ла, һөйөргә лә, нәфрәтләнергә лә ҡурҡа улар. Үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәттәр, тыныстар!.. ... Хатта дуҫым Әсғәт тә шул юлға төшөп бара, шикелле. Элекке Әсғәт түгел. Бик нығытып һөйләштек. Үҙен аҡларлыҡ бер һүҙ ҙә әйтә алманы һәм аҡланманы ла. Мин уға, бер көн кис ултырып, һуңынан үҙен Ағиҙел күперенә алып барып, бөтә ҡараштарымды, бөтә уйҙарымды һөйләп бирҙем. Башҡорт теле, әҙәбиәте һәм сәнғәте, уларҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында үҙемде ғазаплаған бөтә мәсьәләләргә лә ҡағылдым. — Айырылдың һин, Әсғәт. Башҡортостан һиңә хәҙер ҡунаҡҡа ҡайтыу урыны ғына, ә беҙгә... бына үҙең күреп тораһың, хат яҙырға ла ваҡыт юҡ. — Нишләйһең инде, – ти Әсғәтем, – фотограф булып ҡайтайыммы? — Юҡ, кинооператор булып!.. — Давай, ас әйҙә студияңды! — Бергәләп асырға кәрәк. Башҡортостанда бының өсөн бөтә мөмкинлек бар, минеңсә... һүҙ бына шул хаҡта – Башҡортостанда киностудия асыу мәсьәләһен күтәрергә кәрәклек тураһында. Артистар һәм режиссерҙар буласаҡ. ГИТИС бына тигәндәрҙе сығарырға мөмкин. Бер ҙә булмаһа, Татарстан менән уртаҡ бер студия төҙөргә мөмкин. Беҙҙең бөгөнгө артистарҙың да ҡулдарынан байтаҡ нәмә килергә мөмкин. Тик уларҙың ҡулдары ғына бәйле. Хатта рәхәтләнеп уйнарлыҡ театр ҙа юҡ бит. Булғанын да һаман ремонтлап бөтмәйҙәр. Йәй буйы, ҡыш буйы маташалар. Беҙҙең Культура министерствоһы башҡорт культураһы өсөн эшләмәй, минеңсә. Юҡһа, булыр ине беҙҙең редакциялар ҙа, типографиялар ҙа... Татарҙарҙың театрҙары ла, китап фабрикаһы ла, матбуғат йорто ла бар. Ә беҙҙең иҫ киткес ғәмһеҙлегебеҙ генә бар. Был бик күңелһеҙ булмаһа, әлбиттә, бик көлкө булыр ине... «Наше чувство родины складывается из любви к тому месту, где родился, и устремлением вдаль, путешествием, расширяющим и обогащающим нашу родину». М. Пришвин В очерке своем «В Сирийской пустыне за Ефратом» Ник. Тихонов приводит старую китайскую поговорку: «Лучше один раз увидеть, чем сто раз услышать». «Смотрите, слушайте, ощущайте, пользуйтесь всеми своими чувствами и неиссякаемой жаждой новых впечатлений. Пусть ваши юные головы и руки не знают усталости в работе и отдыхе, пусть ваши сильные ноги не устанут карабкаться на горы и танцевать, ищите себе друзей и подруг, слушайте и создавайте музыку, отвергайте жестокость во всех ее проявлениях, откройте ваши сердца, как этого требует ваша человеческая природа, и боритесь со всем, что мешает братским отношениям между людьми. Если молодые люди повсюду будут следовать этому наказу, мы, наконец, увидим мир столь же прекрасным внутри, как и снаружи, мы будем жить жизнью такой же увлекательной и величественной, как и сама земля, на которой мы живем, – чудесный дворец, в котором не должно быть грязи». Эдисон Маршалл, американский писатель-путешественник. «Вокруг света», 1, 1957. «Польша» журналының редакторы Дориан Плонскийға Вас. Захарченконың бик ҡыҙыҡ хаты баҫылғайны. Бөгөн шуға Плонскийҙың яуабын уҡыным. Ҡыҙыҡ. Бер нәмәһен дә ҡабул итмәгән. Үҙем менән бергә уҡыған Ричард Донецкий иҫкә килеп төштө. Нишләй икән ул? Беләһе килә. Шул Плонский менән ниндәйҙер уртаҡлығы бар ине. Лозунг «Пусть расцветают все цветы, пусть соперничают все ученые» направлен против чертополоха. Китайские товарищи любят аромат разнообразных цветов, за исключением, однако, тех, чей «аромат» ядовит и лишь отравляет, а не освежает воздух. Ә был «шайтан таяғына» күптәр таяна!.. 26 февраль. Өс көн, өс төн Рабиндранат Тагор хикәйәләренең корректураһы өҫтөндә ултырҙым. Бөгөнгө көнгә әҙер булырға тейеш ине. Ләкин титул битен өлгөртмәгәндәр икән. Иртәгә типографияға! Ә хикәйәләр иҫ киткес! Был минең тәү башлап һиндостанды асыуым! Шулай уҡ кешеләр яҙмышы асыла миңә. Был яҙмыш мауыҡтырғыс һәм фажиғәле, матур һәм ҡот осҡос!.. Бөтәһенән дә бигерәк үҙенең ҙур йөрәге һәм тәбиғи аҡылы менән Тагор үҙе матур. Быға тиклем мин уның тик: — Никакому идолу не поклоняйся, ничьей веры не оскорбляй! – тигән һүҙҙәрен генә һәм уның тураһында Илья Эренбургтың фекерҙәрен генә белә инем. Бына хәҙер мин уның үҙе менән күрештем, һәм мин өс көн, өс төн буйы уның менән ғорурланып һәм үҙемдең уға бик яҡын булыуыма ҡәнәғәтләнеп йөрөнөм. Был минең өсөн ысын тормош ине. Мин бөтөнләй был донъянан ситкә киттем. Миңә өндәшкәндәрен дә ишетмәйем һәм ишетергә лә теләмәйем. — Өйгә алып ҡайтып эшләһәң дә, нәшриәттең эше бөтмәҫ ул! – тип көлдө егеттәр. Бөгөн Зөфәр менән Йәдгәр шахмат уйнап ултырғанда: — Исмаһам, обед ваҡытында ял итер инең, – тинеләр. Ләкин мин Тагорҙан айырыла алманым. Уҡып сығырға ете бит ҡалғас ҡына йыйылышҡа саҡырҙылар. Йомағужин ҡарт Верховный Советтың сессияһы тураһында һөйләне, Рәис Ғабдрахманов серем итеп ултырҙы!.. Ә мин кешеләр, яңы ҡылыҡтар менән танышып, күҙем күргән бөтә нәмәне күҙәтеп ултырҙым. Тагорҙы уҡыған корректор ҡыҙ (К. Г. Шәрипова булһа кәрәк, китапҡа шулай яҙылған) минән ҡапыл ғына: — Урал ҡайҙа? – тип һораны. — Урман киҫә, – тинем үҙенә. Был ҡыҙыҡай минең ҡустым менән бергә уҡыған икән. Уның эргәһендә Резеда Солтанова ултыра. Мин нәшриәткә килгәне бирле, осрашҡан һайын ул миңә тура ла ҡарай алмай, ҡолаҡ остарына хәтле ҡыҙара, иҫәнләшә лә алмай... Күргән һайын, минең дә күңел ҡытыҡланып тора. Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай. Уның тарихы бар. Берәй буш ваҡытта яҙып ҡуйырмын әле. Кешеләр көн һайын бер-береһен белә күреп тә, һөйләшә алмай йөрөгәс, был тарих ҡыҙыҡлы ғыналыр, әлбиттә... 27 февраль. Был хаҡта яҙырға ваҡыт юҡ. Уҡырға, уҡырға кәрәк. Баштан хәҙер аспирантураға инеү уйы сыҡмай. Немец теленә тотонорға кәрәк. Иң ауыры шул. Бына инде тел өйрәнмәүҙең бәләһе!.. Гейнены немец теленән тәржемә итергә кәрәк булыр. Тәржемә – тел өйрәнеү өсөн иң яҡшыһы. Аҙнабаевтың шиғырҙары тураһында доклад яһарға тейешмен. Яҙа башланым да, ташланым. Башта йөрөткән уйҙарҙы яҙырға кәрәк, фекер әйтергә кәрәк. Буш һүҙ генә һөйләгем килмәй. Ләкин Тагорға сумып киттем дә, был эште ҡуйып торҙом. Бөгөн кис ултырырға иткәйнем, Надя менән һүҙгә керешеп киттек. Кәйеф боҙолдо, кис бушҡа үтте. Надяны урамға алып сығып, йыйылып килгән бөтә үпкәләремде әйттем. — Һиңә яраҡлашырға булдыра алмайым, – тигән һүҙҙәре бик күңелгә тейҙе. — Миңә яраҡлашыу кәрәкмәй, һинең аңлауың кәрәк! – тинем. — Я не могу быть чутким человеком, – ти. — Не надо быть чутким, надо раз навсегда понять: «чуть-чуть» для меня – все!.. Шунһыҙ беҙ бергә йәшәй алмаясаҡбыҙ. Мин һинән артыҡ бер ни ҙә талап итмәйем, мөмкин булғанды ғына талап итәм. Был талап та түгел, үтенес. Йә, әйт, Надя: нимәнән һин ҡәнәғәт түгел? Нимә хаҡында уйлайһың бына хәҙер? Бөтәһен дә әйт, – тим ярһый-ярһый. — Иң ҡыйыны – өйҙә эшһеҙ ултырып, буш йәшәү, – ти. — Ә уҡыуың? Эш түгелме? — Уҡыу – мин теләгән эш түгел шул. — Уҡымағас, нисек эшләрһең? Барыбер үҙең теләгән, үҙеңде ҡәнәғәтләндергән эш таба алмаҫһың бит, Надя?.. Өндәшмәй. Килештек буғай. Байтаҡ нәмәләр иҫкә алынды. Өшөнөк. Төндәр һалҡын әле. Минең күңел өшөй... 28 февраль. Кисәге Тагор хикәйәләренең корректураһын Фәрит ағай менән бергәләп ҡарап сыҡтыҡ та баҫырға бирҙек. Баш редактор Ҡеүәтов ҡарап та торманы. Был мине бик ғәжәпкә ҡалдырҙы... Юҡ, был кеше редактор түгел!.. Минең был тәүге эш – уға шундай ҡараш!.. Ҡыҙыҡ! Бик сәйер мөғәмәлә. Корректураны бик ентекләп уҡыным, бөтә күңелемде биреп эшләнем. Эшемдән ҡәнәғәт. Тик тәүге биттәрҙәге инеш һүҙҙә киткән рус һүҙҙәре генә күңелде ҡырып тора. Синыф – класс, эшмәкәр – деятель булып китте. Ҡайһы бер килешмәгән һөйләмдәр ҙә төҙәтелмәй ҡалды. — Хәҙер инде һуң, – ти Фәрит ағай. – Үҙең редактировать иткәндәрҙе рәхәтләнеп төҙәтерһең. Ғөмүмән алғанда – тәржемә бик матур, руссаһынан да яҡшыраҡ кеүек. Әлбиттә, Әкрәм быға күп көс һалған. Тәржемәсе Найманов та иренмәй эшләгән. Миндә уға бик ҙур хөрмәт тыуҙы. Шәп егеттәр бар беҙҙә! Нисектер ғорурланаһым килә. Тик Фәрит ағайҙың китеүе генә үкенеслерәк. Ғәжәп, матур кеше! Бөгөн ул эшен Василий Андреевич Трубицынға тапшырҙы. Ул да миңә оҡшай. Ләкин башҡорт әҙәбиәте тураһында русса һөйләшеү ҡыйынға тура киләсәк. Тиҙерәк Кулибай килһен ине инде. Тағы ла военкоматҡа барҙым. Мине һаман да әле учетҡа алмайҙар. Йөрөй-йөрөй ялҡтым инде. Комиссарға ғариза яҙҙым. Иртәгә иртән рентгенға барырға ҡуштылар. Военкоматтан милиция бүлегенә индем – унда ла минең эштәр яҡшынан түгел: һаман да мин пропискаһыҙ йөрөйөм. Ғәйеп, әлбиттә, үҙемдең ығышлыҡта. Нишләптер мин был тәртиптәргә һыя алмайым, юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә үҙемә-үҙем ҡайғы арттырып ҡуям. Ҡасан бөтөр икән был формальностар?! Ҡайҙа ғына кермә – формализм. Ҡайҙа ғына ҡарама – формализм. Нәшриәт эшселәре иртән эшкә килгәс, секретарға инеп ҡул ҡуялар! Был минең өсөн шул тиклем түбәнһеткес бер күренеш. Был дисциплина түгел инде: май булмағанға маргарин... «Сквозь строй» менән кешелә аңлы эш дисциплинаһы булмаясаҡ. Магазинда Цвейгты күреп ҡалып – күҙҙәрем дүрт булды. Аҡса юҡ, ә иртәгә китап та булмаясаҡ. «Ленинсы»ға йүгерҙем. Марат командировкала икән. Сәйфуллиндән 15 һум алып, китапты ҡулға эләктерҙем. — Китапҡа аҡса тапҡанһың, ә Салауатҡа һөт алырға – тапмағанһың!.. – ти Надя. Дөрөҫ әйтә!.. Ләкин: — Иртәгә был китап булмаясаҡ ине. Һуңғыһын алып ҡалдым, – тим. Ышанмай. Минеңсә, ялғанлаған булһам да – ышанырға кәрәк ине. «Литературная газета» менән «Комсомольская правда»ны редакциянан өй адресына күсерттем. (С. Ҡудаш, 8, кв. 4. – көндәлеккә әле был адресты яҙғаным юҡ. Ғүмеремдәге иң ауыр адрес был! Хужаға хәҙер ике меңгә яҡын бирәсәк бар. Шуны түләү өсөн хәҙер И. Франконың хикәйәләрен тәржемә итергә издательство менән договор төҙөштөм. Белмәйем, был бурыстарҙан нисек кенә ҡотолормон инде? Уйлаһаң – баш ҡата, уйламаҫҡа тырышам. Өй һыуыҡ, утын бөттө, бала өшөй, ашарға юҡ, ҡатын ауырлы, ә үҙемдең эстә – донъяға асыу ғына ҡайнай...) Надя мәктәптән асығып ҡайтҡан. Мин дә ул ҡайтҡансы газеталар ҡарап Цвейгты уҡып, бик асығып ултырғанмын икән. Ҡапҡылап алырға бер ни ҙә юҡ. Надяны бәрәңге бешерергә күндерҙем. — Давай, тәмле итеп бәрәңге бешереп тороп ашайыҡ әле! Ул теләр-теләмәҫ кенә бәрәңге әрсергә тотондо. Мин кухняла уға Цвейгтың Горький тураһындағы портретын уҡыйым. Ғәжәп ҡанатлы һүҙҙәр!.. Горькийҙың башынан кискән бөтә нужалары, бөтә ғазаптары иҫ киткес шиғыр итеп яҙылған. — Бына, – тим мин, – Горький беҙҙең ише генә интеккәнме? Мин уның тормошон үҙебеҙҙеке менән сағыштырып ҡараһам, мин бит дворян?!. Надя рәхәтләнеп көлә. — Ә һин просто королева! Бына, һинең ҡулыңда әле, әрсерлек бәрәңгебеҙ ҙә бар! — Әйтмә инде һинең дворянлығыңды! — Ниңә һин уға (бәрәңгегә) улай ирония менән ҡарайһың әле, – тим мин, – көлмә, был бәрәңге бит Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сыҡҡан бәрәңге ул!.. – һ. б. 1 март! Бына 1957 йылдың яҙы ла башланды!.. Үтә ғүмер!.. Әйләнергә лә өлгөрмәйһең, ҡышы үтә, яҙы ла килеп етә. Йыл бик яҡшы килә быйыл. Ҡар күп булды. Яҙ ҙа иртә килергә самалай... Март!.. «Март айының нескә билле еле Һуҙылып ятып ергә ҡар ашай!..» Ә тамсылар февралдә үк тыпылдаша башланы быйыл. Иртән туңдыра, көндөҙ бөтөнләй яҙ һулышын тояһың: ҡояш яҡтылығы ҡарға бәреп, күҙҙе ҡамаштыра, хатта күҙҙәр ауыртып китә, ҡыҫып ҡына йөрөйһөң. Ҡар тамсылар менән тишкеләнә һәм аяҡ аҫтында тоҙ кеүек ярмаланып ята. Сыпсыҡтар серелдәшә, күп тә үтмәҫ, ҡарғалар яҙҙы ла башлап ебәрер... Яҙ!.. Ләкин бер ни ҙә яҙып булмай әле. Күптән инде минең шиғыр яҙғаным юҡ. Мостай Кәримдең хаттарынан һуң яҙыу ҙа ҡурҡыныс. Ҡапыл үҙемде бик ҙур йөк күтәргән кеүек тоя башланым. Башҡортостан тыуған көн етә. Тиҙҙән бына Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына дүрт йөҙ йыл тулыу байрамын да үткәрербеҙ. Ә циклды һаман да бер төҫкә индереп булмай әле. Яҡшы итеп яҙаһы ине!.. Китапхананы таҙарталар. Нәшриәткә барғас та һағалап йөрөй башланым. Элекке китаптарҙы алып ҡалырға кәрәк. Бер ҡосаҡ китаптар алып ҡайтып киттем! Ләкин иҙәндә ятҡан шағирҙарҙы күреү күңелгә ауыр... Эш хаҡы бирҙеләр. «Совет Башҡортостаны»ндағы кеүек сират юҡ бында. Хатта бухгалтериянан үҙҙәре саҡырып йөрөйҙәр. Тик минең эш хаҡым бик бәләкәй бында. 360 һум (ярты айға). Надя Салауат менән килеп ҡаршылап торғандар. Малай ас, Надя тиҙ генә печенье һатып алып сыҡты ла магазиндарға йүгерҙе. Мин, Салауаттың арбаһын һөйрәп, өйгә ҡайтып киттем. Юлда малайҙы ла, үҙемде лә печенье менән һыйлайым. Ҡулымда сеткаға тултырылған бер ҡосаҡ китаптар. Хәким ағай осрап, көлөп китте. Төшкә тиклем военкоматта йөрөнөм. 7 мартта комиссия буласаҡ. Учетҡа алындым. Секретарь ҡыҙ менән ҡыҙыҡ булды. Салауаттың тыуған йылын әйтә алмайынса, ҡыҙарып ҡуйҙым. — Бар, ҡатыныңдан һорап кил, – ти ҡыҙыҡай. – Бына һиңә атай!.. Дауыт Юлтыйҙы әҙерләргә тотондом. 2 март. Юлтый өҫтөндә ултырам. Ниңәлер бөтә күңелемде биреп эшләй алмайым. Ҡайһы берәүҙәрҙең Юлтый ҙа Юлтый тип ауыҙ һыуҙары ҡойолоуын аңлап етә алмайым... Бәлки, күңелдә ҡалған «халыҡ дошманы» тигән һүҙҙәрҙең ҡанға һеңгән нахаҡ таптары шулай итәләр? Белмәйем... Сәләм, Ниғмәти, Мостай Кәрим уларҙы ни тиклем артта ҡалдырғандар инде!.. Тик уларҙы беҙ баһалап бөтә генә белмәйбеҙ әле. Ә бына Бабич, исмаһам, шағир!.. Йыйынтыҡҡа Юлтыйҙың бик примитив шиғырҙары ла индерелгән. Ғөмүмән, шиғыр культураһы түбән. Хистәр, уйҙар бар, ниндәйҙер талпыныу бар, ләкин бөтә тәне менән, оҫталығы менән оло шағир йөрәген күреп булмай. Әҙәби факт булараҡ, әлбиттә, ҡыҙыҡлы. Шулай ҙа шағирҙы заманы шулай булған бит тип үлсәп булмай... Кис коллектив менән «Муса Йәлил»де ҡарарға барҙыҡ. Мин ниндәйҙер ашҡыныу менән көткәйнем уны. Шулай ҙа... Муса Йәлил сәхнәлә юҡ, Вәли Ғәлимов ҡына бар. Ут-ялҡын, мөхәббәт һәм нәфрәт менән тулған шағир рухын, Муса Йәлилдең иҫ киткес бай эске донъяһын, кешелек сифаттарын, уның үҙенә генә хас булған тәбиғәтен күрә алманым мин. Уңышлы ғына характерҙар бар, ләкин улар бик тарҡау, бергә бер бөтөн булып тупланмаған һәм Муса шулар эсендә юғалып ҡалған. Ғөмүмән, Муса Йәлилде әле генә табып булмаҫ кеүек. Ул әле дан эсендә, маҡтау эсендә. Уның ысын образын тыуҙырыу өсөн ысын художник кәрәк. Һәм ул художник геройлыҡ данына һәм шул данды файҙаланып ҡалыу өсөн мауыҡмаҫҡа тейеш! Муса Йәлил беҙҙән алыҫлашҡас ҡына яҡын буласаҡ. Ә хәҙергә әле ул аңлайышһыҙ һәм герой кеше генә. Әҙәби герой һуңлап тыуа. Нәҡи Иҫәнбәт бик ашыҡҡан. Театр ҙа әле быны аңлап етмәгән. 3 март. Һайлау көнө. Ҡояш. Иретә. Баланы күтәреп, Надя менән һайлауға киттек. Надя һайланы, мине һайлатманылар. Пропискала тормағас, исемлеккә лә индермәгәндәр. Бөтә кәйеф боҙолдо. Үҙемде нисектер донъяла юҡ кеүек итеп тойҙом. Бына һиңә гражданин-обыватель!.. Кешегә әйтһәң, кеше ышанмаҫ... 4 март. Квартира хужаһына хат яҙҙым. «Хөрмәтле Ғаян ағай! Хатығыҙҙы алдым, уҡыным. Бөтәһе лә аңлашыла. Тик бер нәмә генә күңелгә аңлайышһыҙ, ауыр тойолдо. Ул – һеҙҙең хатығыҙҙың тоны: «Нисек тора теге һеҙҙең ғинуар аҙағында түләп бөтөрәм тип өсәүләшеп торжественно әйткән вәғәҙәгеҙ?» – тигәнһегеҙ. Әлбиттә, квартира хужаһы булараҡ, был хаҡта борсолорға һеҙҙең хаҡығыҙ бар, ләкин, кеше булараҡ, етмәһә, оло кеше булараҡ, бындай мыҫҡыллы тонда ирония менән өндәшеү урынһыҙ. Берҙән, беҙ һеҙҙең алда былай ҙа кәмһеткес хәлдә. Икенсенән, бер кем дә һеҙгә «торжественно» вәғәҙә биргәне юҡ. Аптыраған көндән әйтелгән һүҙҙәр генә бар. Ярай, эш һүҙҙә лә, һеҙҙә лә түгел, беҙҙә! Ә беҙҙең хәл, билгеле, еңелдән түгел әле. Тик һеҙҙең кешегә кешеләрсә ышаныуығыҙ, кеше хәленә керә белеүегеҙ генә кәрәк, Ғаян ағай. Хәлдәр шулай: бурысты һеҙ ҡайтыуға тотош түләрмен. Бының өсөн мин Иван Франконың хикәйәләрен тәржемә итергә нәшриәт менән договор төҙөштөм. (Шуны хәл итмәйенсә тороп, һеҙгә яуап яҙыуҙы ла бер аҙ һуңлаттым буғай.) Хәҙер бына төндәрен шул хикәйәләр өҫтөндә ултырам. Июль айында мин был ауыр бурыстан да, был йәһәннәм тишегендәге квартиранан да ҡотолормон тип уйлайым. Еңелгә тура килмәне был ҡыш беҙгә! Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ тишек кәмәгә ултырҙыҡ инде, Ғаян ағай... Бына ун кубометр утын елгә лә осто! Сөнки өйҙә ел уйнай, тамсы ла йылы тормай. Балаға һыуыҡ тейеп бара, ауырый. Шулай итеп, һеҙгә түләйәсәк аҡсаның яртыһы утынға-утҡа ғына китеп тора. Ә газетала аҡса эшләп алырлыҡ ваҡыт булманы миңә. Ҡулым да бармай, намыҫым да ҡушмай. Шуның өсөн издательствоға китергә мәжбүр булдым. Редактор булып эшләйем хәҙер. Көҙгә аспирантураға китергә әҙерләнәм. Бына шулай хәлдәр. Онотҡанмын: әсәй ҡайтып китте. Быларҙы мин һеҙгә бик яҙаһым килеп торғандан яҙманым, тик һеҙҙе хәл менән таныштырып ҡуйыу өсөн генә яҙҙым. Борсолмағыҙ! Хәҙергә йонсоп килеп йөрөмәһәгеҙ ҙә ярай тигән һүҙем инде был. Ә налог-фәләнде түләйәсәк бурыс иҫәбенән үҙем түләп ҡуйырмын. Бына шул ғына. Сәләм менән Рәми». 4/III-57. Бына шул ғына!.. Эйе, донъяла бына шул ғына нәмәләр өсөн дә ярты ғүмерең әрәм була!.. Күпме түбәнлектәр, күпме хурлыҡтар бына шул ғына нәмә өсөн һинең йәшлегеңдән, намыҫыңдан, аҡылыңдан көлә. Ә бит ғүмер бер генә ҡабат бирелгән кешегә... Шул ғүмерең һинең мәғәнәһеҙ бер нәмә өсөн әрәм була. Ҡайһы саҡта мин: «Три карты, три карты!..» тип аҡылынан яҙған Герман кеүек: «Квартира, квартира, квартира!» – тип үҙемә үҙем әсенеп ҡысҡырам. Бәләкәй генә Салауатымдың ҡулдары ҡыҙарып, йөҙө күгәреп илап ултырыу йөрәккә үтә! Яратҡан ҡатыныңдың ауырға ҡалған сағында йыртыҡ күлдәк кейеп, ауырыу баланы ҡарап, ас көйөнсә ултырған көндәрен кисереү йөрәкте телгеләй. Ҡайҙан аҡса табырға? Бурыстарҙан нисек ҡотолорға? – тигән уйҙан ҡайһы саҡта баш ҡатып китә. Эштән арып ҡайтаһың, һин ҡайтыуға ҡатының киске мәктәпкә уҡырға китә. Икегеҙгә кейеп йөрөр өсөн бер студент вельветкаһы булған була. Һин уны өҫтөндән сисеп биргән булаһың да бала ҡарап ултырып ҡалаһың. Бала бер төрлө ашатыуҙан ябыҡ, ҡаҡса, мыжыҡ. Уны үҙең ашаған аш менән көсләп-көсләп ашатаһың да, ул йоҡлап киткәнсе үҙең асығып, хәлдән тайып бөтәһең. Шунан һуң уҡырға, шиғырҙар яҙырға кәрәк!.. Күңел төшмәй, илһам ҡаса һинән. Ләкин һин үҙеңде көсләп булһа ла эшкә, өҫтәл артына ултыртаһың. «Мин бәхетле» тип яҙыу ҡыйын. Нисек кенә һин оптимист булма, нисек кенә тормошҡа һин тарих күҙлегенән сығып ҡарама, үҙеңдең ошо фәҡирлегеңде тоймау мөмкин түгел. Сөнки берәүҙәр үҙҙәренең йылы, яҡты өйҙәрендә ванналарында тәгәрәп ятып ҡорһаҡ үҫтерәләр һәм шул «кешеләр» һинең яҙмышың, йәшлегең, иң матур хыялдарың, иң саф хистәрең менән һатыу итеп ултыралар. Донъя, әлбиттә, һинең эт ояһындай мөйөшөң менән генә сикләнмәгән. Донъя киң ул, матур ул. Ләкин донъя киңлегенән ни мәғәнә, аяҡ кейемдәрең тар булғас, тигәндәй, һинең донъяла йәшәүең иҫ киткес ҡыйын. Һин ижад итәһе урынға үҙеңде үҙең кәмһетәһең, ваҡлайһың, донъяның ниндәйҙер бер квартираһы тураһында уйлап зиһенең ҡайта, тойғоларың тупаҫлана һәм һөйөп туя алмам тигән иң яҡын кешеңә иң ауыр һүҙҙәр әйтергә мәжбүр булаһың!.. Юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә тауыш сыға. Юҡ ҡына нәмәләр өсөн кешелегең юҡҡа сыға. Бына шул юҡлыҡтан сыҡҡан нәмәләр һинең выжданыңды кимерә. Һин шул тиклем ваҡ бер меҫкен әҙәмгә әйләнәһең. Шундай саҡтарҙа һинең ҡәләм тоторға намыҫың ҡушмай. Сөнки һин инде шағирҙың кем икәнлеген, уҡыусылар һинән нимә көткәнлеген яҡшы беләһең!.. Бына инде шул нәҡ үҙе аҡыллылыҡ бәләһе!.. Их, һин тормош!.. Бының һайын һин ҡәҙерлерәк, тормош!.. Тормошто артыҡ яратҡан, уға артыҡ мөхәббәт менән янған һайын – ул һиңә мәрхәмәтһеҙерәк һәм үгәйерәк... Бына ниндәй ҡаршылыҡ килеп тыуа! Был ҡаршылыҡ өйөңдә, эшеңдә, йөрәгеңдә!.. Һәр аҙымың һайын... Ярай әле йөрәк бөтәһен дә һыйҙыра ала!.. Бөтәһенә лә түҙә. Шартлап ярылырҙай булғанда ла, ярылмай ҡала бит... Бөгөн эштән ҡайтып килгәндә Сәриә осраны. — Йылмайып китеп бара үҙе, ә күрмәй ҙә, исмаһам, – ти. Ғәжәп: мин хатта йылмая ла беләм икән әле!.. Күрәһең, мин донъяны яратам. Яҙ тураһында уйлап килә инем: — Март айының нескә билле еле һуҙылып ятып ергә ҡар ашай!.. — Һине Мостай Кәримдең хаты менән ҡотлайым тип, бер көн редакцияға шылтыратҡайным, ә һине издательствола эшләй, тинеләр. Унда ла юҡ инең. Мин ул хаттарҙы рәхәтләнеп уҡыным, – ти Сәриә. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ та: — Ярай, минең танау өшөй, – тип хушлашып, китеп барҙым. Ә ул көлөп-йылмайып институтҡа инеп китте. Зөфәр Ғәбсәләмовтың С. Ҡудаш тураһындағы мәҡәләһе тураһында минең фекерҙе һорағас, мин уға: — Бик урынлы, бик кәрәк сығыш, – тинем. – Ә уны хулиган сығышы тип әйтәләр. — Кем әйтә? — Сәйфи Ҡудаштың ҡатыны журналға шылтыратҡан. Бына нишләй ҡатындар әҙәбиәттә!.. Көлөштөк. Ләкин Зөфәр көлмәй, шыртлабыраҡ йөрөй егетең. Ничего! Был бөтә йәштәрҙең фекере. Ул яңғыҙ түгел. С. Ҡудаш үҙенең ниндәй шағир икәнлеген белеп үлергә тейеш. Һәр ялтыраған нәмә алтын түгел. С. Ҡудаш алтын менән ялатылған. Үҙен хөрмәт итә белмәһә лә, әҙәбиәтте хөрмәт итә белергә тейеш инде кеше. Ә беҙҙә әле үҙҙәрендә әҙәбиәтте түгел, ә әҙәбиәттә үҙҙәрен яраталар. Мостай Кәримдең Сәйфи Ҡудашты ҡанат аҫтына тығып, һаҡлап килеүе һис тә тәбиғи түгел. Был мине бик ныҡ ғәжәпләндерә. Был бик сәйер күренеш уға булған хөрмәтемде кәмһетеп торған кеүек. Ғәжәп инде кеше?! 5 март. Көн боҙолоп тора. Ямғыр ҡатыш ҡар яуа. Күңелһеҙ. Дауыт Юлтый менән ултырам. Исмаһам, шиғырҙар ҙа күңелде йылытмай. Ғайсаға асыу килә. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип кенә эшләгән. Оригиналды сағыштырып, машинканан һуң уҡып та сыҡмаған. Институтҡа шылтыраттым. Юҡ. Һуңынан үҙе хәбәр итте. — Хөрт эшләгәнһең, – тим. – Оригинал менән сағыштырып уҡып та сыҡмағанһың, шикелле? Бит һайын хата тулып ята. Һинән быны көтмәгәйнем, Ғайса. — Һин бит редактор, Рәми, үҙең шунда ҡара инде. Бик ашығыс булды бит. — Шуның менән бында эш шәбәйеп китер тиһеңме? Һин бит инде китапты төҙөүсе, Ғайса, эшен бөтөрөп бирергә кәрәк ине!.. — Уның өсөн гонорар түләмәйҙәр бит миңә, – ти Ғайса. Мин хатта уңайһыҙланып, оялып киттем был һүҙҙән. Аптырағас: — Ярай, Ғайса, берҙексәгә мин ҡалдырып торам, эшләрмен инде үҙем. Тик былай ҡарау эш түгел инде. Гонорар – аҡса!.. Эх, егеттәр! Шундай егеттәр ҙә аҡса ғына тип торғас инде... Төшкөгә ҡайтҡанда Ғайсаның үҙен осраттым. Һөйләшеп торманыҡ. Ниңәлер, үҙем дә һиҙмәҫтән, көлөп кенә үтеп киттем. Ғалим Ғайса!.. Филиал эргәһендә янымдан Сабир Ваһапов үтеп китте. Йәйәүләп йөрөй ағайың. Артыма боролоп ҡараным. Ҡараһам, миңә лә артына боролоп, Ваһапов түгел, бер ҡыҙ ҡараны ла шәп атлап китеп барҙы. Резеда икән!.. Ҡыҙыҡ ҡына күренеш булып тойолдо был миңә. Мин издательствоға килгәне бирле беҙҙең эле һаман да һөйләшә алғаныбыҙ юҡ. Бер көндө, МПВО-нан зачет тапшырған көндө, ул минең алда ғына ултыра ине. Ҡапыл артына боролоп, миңә топ-томалдан атом бомбаһының шартлауын күрһәткән бер таблицаны бирҙе. Мин дә үҙемдең ҡулдағы таблицаны тотторған булдым: — Мә, һиңә лә булһын! Кисәге ул Найман менән телефондан һөйләште. Мин ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалдым. Әллә быларҙың бер-бер эше бармы? Тегеһе ниҙер үтенә. Быныһы: — Театрға бараһы бар бит әле. «Зимагорҙар»ҙы ҡарарға, – ти. Мин аҙаҡтан һорап ҡуйҙым: — Нимә, «Зимагорҙар»ҙы ҡарарға итәһеңме? — Әйе, әйҙә, һин бармайһыңмы? — Юҡ, минең бит ҡатын уҡып йөрөй. Бала ҡарарға кәрәк. — Ә, улай икән. Нимә, киске мәктәптә уҡыймы? — Әйе. Ә һин ҡыҙың менән бараһыңмы? — Эйе, шунда бергә-бергә... — Шәпме ҡыҙың? – тип шаярыу ҡатыш һорашҡан булдым. — Шәп тип ни – үҙемә яраған инде, – тип Найман, уны-быны һиҙмәйенсә, ҡыҙы менән дә таныштырып ташланы. Пединститутта уҡый икән. Литфакта. Ҡыйғы районынан Йыланлы ҡыҙы икән... һ. б. Тимәк, Резеда түгел!.. Күңел тынысланып ҡалды. Юҡһа, нишләптер бик ҡытыҡланып тора инем. Бына инде йүләрлек! Резеданы үҙебеҙҙең егеттәр менән күрәһе килмәй. Ә егеттәр уны йыш ҡына телгә алалар. Мин өндәшмәй генә, иғтибар итмәгән кеше булып ултырам. Ә башта уның менән булған бөтә тарих йөрөй. Шуның өсөн дә егеттәрҙән был үткәндәрҙе көнләшеп ҡуям. Сөнки ҡыҙыҡайға булған ҡыҙыҡһыныу һаман да әле бөтмәгән. Был ниндәйҙер бер сер булып йөрөй. Ләкин бер ҙә уға сер бирмәҫкә тырышам. Шуның өсөн беҙҙең күрешеүҙәр бик сәйер генә килеп сыға, ҡайһы саҡта иҫәнләшергә лә тура килмәй... Ай-һай ҙа ғына сайҡай керҙәр йыуа, Талмай микән уның беләкәйҙәре. Күрше лә генә тороп, күрә йөрөп, Янмай микән уның йөрәкәйҙәре?.. Минең был яратҡан йырыма тағы ла бер мәғәнә өҫтәлде!.. Беҙ бергә эшләп, бер-беребеҙҙе күрә йөрөп, янмай микән уның йөрәкәйҙәре? Күңел әле йәш, дәртле һаман. Кемделер яндыраһы килә, кем өсөндөр ғәмһеҙ генә янаһы килә!.. Бына һиңә өйләнгән кеше, бына һиңә бала атаһы!.. Ләкин былар өсөн үҙемде ғәйепле итеп һиҙмәйем. Миңә был хистәр нисектер яҡты, һәм уларҙың бер ниндәй ҙә күләгәһе-шәүләһе юҡ кеүек. Ә, бәлки, был аҙғынлыҡтыр? Тик мин быны тоймайым ғыналыр? Күңелем – күбәләкме әллә? Белмәйем. Тик мин өйгә саф намыҫ менән ҡайтып керәм, саф намыҫ менән ҡатынымдың күҙҙәренән үбәм, саф намыҫ менән баламды ҡулға алам!.. Надяға булған тойғоларым ниндәйҙер тәрән, тормоштоң үҙе кеүек үк ҡатмарлы һәм ҙур. Ул тойғолар ниндәйҙер оло бер йылға кеүек. Ә башҡа хистәр ниндәйҙер ваҡ ҡына шишмәләр улар һәм ошо ҙур йылғаға килеп ҡоялар... 6 март. Дауыт Юлтый менән ултырҙым. Кис Стефан Цвейгтың Эмиль Верхарн тураһында иҫтәлектәрен уҡыным һәм Сергей Городецкийҙың шиғырҙарына тотондом. Үҙемдең шиғырҙарға һаман да ҡул тейгәне юҡ. Яңғыҙ ғына ҡалып булмай. Күңел дә төшмәй. Бер нигә лә ҡул бармай. Эштән һуң тик бала менән йыуанам, уны йоҡлатҡас, ки-тап-газеталар уҡыйым. Художниктар съезы бик оҡшай миңә. Шепиловтың доклады ғәжәп матур. 7 март. Көн буйы военкомат менән милиция бүлегендә ураландым. Арытты. Бына ҡайҙа икән бюрократтар ояһы!.. Хәрбиҙәрҙе яратмайым. Бер өтөк кенә писарына тиклем һинең йәнеңде үртәп ултыра. Хәрби билетҡа алып барған һүрәткә ҡараны ла мәғәнәһеҙ бер ирония менән: — Как-будто деятель сидит какой-нибудь, – тип ҡуйҙы, өҫ-башыма ҡарап алды. — Во всяком случае деятельнее вас, – тип әйтәһем килде лә, әйтмәнем инде. Эттәр менән эт булып булмай бит. Ҡойоп ҡуйған солдафон!.. Мең бәлә менән билет алдым. Ағайың, шулай итеп, запастағы һалдат... 8 март. Йырҙар йыйынтығы менән баш редакторға керергә тура килде – бөтә йәнем, тәнем менән әрнеп сыҡтым. Баш редактор – үҙенең башы юҡ. Күҫәк бер!.. Әҙәбиәт-сәнғәт тураһында әлепте таяҡ та тип белмәй. Шул бәндә инде әҙәбиәттең яҙмышын хәл итеп ултыра!.. Әй алла!.. Ҡасан бөтөр былар? Нисек эшләргә кәрәк? Нишләргә? Ҡайһы ерҙәренән тотоп ырғытырға? Ныҡ ултыралар бит улар. Теше-тырнаҡтары менән обкомға йәбешкәндәр бит! Нисек итеп обком үҙ тәнендә шундай һөлөктәрҙе тоймай икән. Хәйер, обком үҙе бит был киҫекбашты баш редактор итеп ебәргән! Йәнәһе аппаратты нығыталар!.. Издательстволағы кешеләргә аптырайым: нисек итеп коммунист булған кешеләр шул хәлдәргә түҙеп йөрөйҙәр икән? Юҡ, мин быны былай ғына ҡалдырмам! Йә мине иҙерҙәр, йә мин уларҙы. Тик мин бындай әҙәм көлкөләрен күтәрә алмам! Хурлыҡ! Ниндәй әйбәт егеттәр бар, шулар ҙа инде күнегеп бөткәндәр. — Юҡҡа аптырайһың, Рәми. Һин әле беҙҙең директорҙы белмәйһең: тупица бит ул, – тип көлөшәләр... Төштән һуң был баш редактор янына тағы ла индем. Минең менән Зөфәр ҙә керҙе. Икәүләп минең «Нимә ул мещанлыҡ?» тигән мәҡәләне кескәй генә бер брошюра итеп сығарырға, планға индерергә тәҡдим иттек. Уҡымаған көйөнсә һаман үҙенекен һөйләй. Имеш, беҙ план буйынса ғына, обком рөхсәте менән генә эшләйбеҙ. Имеш, бындай теоретик мәҡәләне кем уҡый? Унан башҡа ла етерлек эш күп һ. б. шуның кеүек лығырҙау! — Ә һеҙ үҙегеҙ был мәҡәләне уҡыманығыҙмы һуң? – тинем мин. — Юҡ, күргәнем дә юҡ. — «Әҙәби Башҡортостан»ды уҡымайһығыҙмы ни? — Ҡайҙан бөтә нәмәне уҡып бөтөрәһең, – тип ҡыҙарҙы «баш»ыбыҙ! – Мин бит Мәскәүҙә йөрөнөм. — Бәй, һеҙ Мәскәүҙә йөрөгәндә, мин дә Мәскәүҙә булдым, – тим. — Ярай, ҡалдырығыҙ. Уҡып сығырмын. — Ҡасан уҡып сығырһығыҙ икән? — Бына бер аҙ эштәр бөткәс... — Улайһа, мин хәҙергә кире алып торайым. Ғәҙәттә, уны редакторҙар бер йыл уҡый торғандар, – тигәс, ул күҙҙәрен йылтыратып йылмайыу ғәләмәте сығарҙы ла: — Ярай, уҡырмын, – тип ҡалды. Бер аҙҙан һуң миңә шылтырата: — Икенсе варианты юҡмы? Былай бик ҡыйынлыҡ менән уҡыла (машинкалағы өсөнсө экземпляр ине). — Юҡ, ҡулъяҙмаһы ғына бар, – тинем. Эштән ҡайтҡанда бүлмә асҡысын секретариатҡа ҡалдырырға инһәм, был редактор тигәнем әлеге башын ишектән сығарып стеналағы сәғәткә ҡарап тора. Мине күреү менән башын тиҙ генә кабинетына тыға һалды. «Бик пунктуальный» тиҙәр, моғайын, артыҡ ултырып китмәнем микән, тип ҡарайҙыр. Рәхәтләнеп көләһем килде. Тик әҙәп һаҡлап, үҙемде-үҙем тыйып ҡалдым. Шулай итеп, был баш менән бәрелешеп алдыҡ. Ә өйҙә ҡатын: — Иртәгә яғырға утын юҡ, – ти. — Давай, минең һыңар аяҡты ҡырҡайыҡ, – тинем дә өндәшмәнем. Күңел өшөп китте тағы. Ул больницанан йөрөп ҡайтҡас, өндәшмәй, мыш-мыш килеп илай: тимәк, икенсе бала ла донъяға киләсәк!.. Их, донъя, донъя!.. Байрамға – бүләк!.. 9 март. Рафаэль Ҡыйғынан ял итеп килде. Бер аҙ таҙарған. Ауылдан бик ҡәнәғәт. Өс шиғыр яҙған. Уҡыныҡ, бәхәсләштек. Төндә ҡаланы урап килдек. Сөнки өйҙә Надя алдында башҡортса рәхәтләнеп һөйләшеп булмай. Пушкин буйлап, К. Маркстан Ленинға боролдоҡ та Луначарский баҡсаһына килдек. Төн һалҡын ғына, ҡар яуҙы. Рафаэль килһә, миңә байрам. Бөтә донъя тураһында һөйләшәһең. 10 март. Ял көнө. Маратҡа барҙыҡ. Ауылға, аяҡ кейемдәрен тултырып, посылка ебәрергә әҙерләнеп яталар. Театрҙа бөгөн «Зимагорҙар». Бергәләп театрға барырға булдыҡ. Билет алғас, өсәүләп Мөбәрәковтарға барып ултырҙыҡ. Арыҫлан ағай Рафаэлде араҡыға ебәрҙе. Беҙ ҡарыша-ҡарыша эстек; һүҙ драматург һәм театр тураһында барҙы. — Мостай Кәрим һеҙҙе бик маҡтап ташлаған бит әле, – ти Арыҫлан ағай. – Бик яҡшы хаттар яҙған. Тик маһайып китмәгеҙ. — Рәхәтләнеп уҡыным ул хаттарҙы, – ти Рәғиҙә апай. Зәйни Иғдәүләтовты ла телгә алып, рәхәтләнеп көлөштөк. Арыҫлан ағай беҙҙе барған һайын пьеса яҙырға димләй. Бөгөн дә байтаҡ ҡына өгөт-нәсихәт уҡып ташланы. Бер яртынан дүрт кеше арыу уҡ ҡына кәйефләнеп алдыҡ. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәне – театрға ашыға инек. Рәғиҙә апайҙың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай»ҙан өҙөктәр уҡыуын тыңланыҡ та, был пьесаны үҙемә алып, театрға йүгерҙек. «Зимагорҙар» ҙа артыҡ ҡәнәғәтләндермәне. Ҡарарға ҡыҙыҡ, ләкин иҫкерәк инде – күңелгә ҙур шатлыҡ алып ҡайтмайһың. Артыҡ оҙон тойола, ялҡыта, ҡайһы бер картиналар ышандырмай. Федор – резонер. Иғдәүләтов, Туҡаев яҡшы уйнайҙар. 11 март. Надя менән бала тураһында ҙур һүҙ булып алды. Больницала булып ҡайтҡан. Баланы төшөртәм, ти. Минең инде әйтер һүҙем ҡалманы. Был хаҡта мин үҙемдең ҡарашты әйткәйнем инде. Мин ҡаршы, ә ул барыбер үҙенекен эшләйәсәк. Бала өс ай ярымлыҡ булған, хирург иртәгә килергә ҡушҡан. Рафаэль менән был хаҡта һөйләшеп йөрөнөк. Уға ла был хәл оҡшамай. Ләкин башҡаса юл юҡ: Надя уҡырға тейеш, квартира юҡ, тормош ҡыйын. Салауаттың ни бары йәше тулған. Шулай итеп, уның ҡустыһынмы, һеңлеһенме юҡ итергә тура килә. Уйлай-уйлай инде баш ҡатты. Тик башҡаса сараң юҡ!.. Рафаэль Шакирҙарҙа ултырып ҡайтҡан. Улар бала көтәләр. Ә беҙ баланы үлтерергә әҙерләнәбеҙ!.. Күңелдә ҡара тап ҡалыр кеүек. Надяның сәләмәт ҡалыуы ла бик икеле. 12 март. Көнө буйы бала тураһында уйлап, ҡайғырып йөрөнөм. Етмәһә, Шәриф Бикҡол килеп, йырҙары өсөн тауыш сығарҙы. Минең иҫкәртмәләр өсөн: — Мин һуғышта ҡан ҡойоп йөрөгәндә һин әле маңҡа ғына инең! Хәҙер килеп миңә йыр яҙырға өйрәтеп ултыраһың! – тип ҡысҡырынды. Мин унан бындай түбәнлекте көтмәгәйнем. Йырҙарын радио менән дә, премиялар менән дә страховать итә, маҡтай, һүгенә. Минең бөтә хөрмәтем юғалды, бөтә асыуым сыҡты, тик үҙемде ҡулға алырға тырыштым. Төштән һуң Композиторҙар союзында йыр текстарын тикшереп ҡарарға булдыҡ. Тик шағирҙарҙан Ғәйнан Әмири менән Хәким Ғиләжев ҡына килгәйне. Композиторҙарҙан Заһир Исмәғилев, Камил Рәхимов, Р. Сәлмәнов (музыкаль редактор) һәм йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин, издательствонан Василий Трубицын булды. Мин текстарҙы уҡып, үҙемдең бөтә замечаниеларҙы әйтеп сыҡтым. — Хөрт икән шул эштәр! – тине Исмәғилев. Ҡалғандар ҙа минең замечаниелар менән ризалаштылар. — Бынан кире текстарҙы шағирҙар секцияһында тикшермәй тороп, композиторҙарға бирмәҫкә, – тигән фекергә килештек. Йыйынтыҡҡа инә торған байтаҡ текстарҙы авторҙарына кире биреп, яңынан эшләп сығартырға тинек. Был минең тәүге ҡабат композиторҙар араһына кереүем ине. — Рәхмәт, ҡустым, – тигән булды Заһир ағай. Рәшит Ниғмәтигә текстарын кире бирергә ҡушты. Ҡайтҡан ыңғайға мин Рәшит ағайға керҙем. Ул тәүҙә ризалашмай маташты. — Быға тиклем һеҙҙең шундай әйберҙәрегеҙҙе уҡығаным юҡ ине, Рәшит ағай, – тинем. – Был йырҙар бик хөрт, һеҙҙең кеүек шағирҙан бындай йырҙар алып булмай. — Ләкин, ҡустым, һинең фекерең миңә закон түгел бит әле. Һиңә оҡшамаҫҡа мөмкин, ә берәүгә ул оҡшарға мөмкин. Уларҙы бит йырлап йөрөтәләр... — Йырлап йөрөтөү генә әле критерий түгел, Рәшит ағай. Был йыйынтыҡ бит руссаға ла тәржемә ителә, беҙҙә генә тороп ҡалмаясаҡ. — Йә, нимәләре менән риза түгелһең? – тип Рәшит ағай тексҡа тотондо. – Минең әле Ҡадир Даяндан хөртөрәк яҙғаным юҡ. — Даяндың бит яҡшы йырҙары ла бар? — Юҡ Даяндың яҡшы йырҙары! Ул «Туған партияға дан» йырын уҡый, ә мин тағын да бер әрләү ишетәм инде, ләкин бирешмәҫкә, бөтә әйтәһе һүҙҙәрҙе әйтеп сығып китергә кәрәк тип ултырам. Туған партияға дан!. Рәшит Ниғмәти шиғыры X. Әхмәтов музыкаһы. Дан совет ерендә, Салт аяҙ күгендә Коммунизм уттары балҡыны. Был сыуаҡ көндәргә, Был яҡты төндәргә Беҙ килдек дауылдар арҡыры. Ҡушымта: Дан һиңә, партия, Партия, дан һиңә, Бөйөк Ленин байрағы ҡулыңда. Ант итә халыҡ һиңә, Халыҡ һиңә ант итә, Шул байраҡҡа гел тоғро булырға. Астылар яҡты юл, Байлыҡтар асты мул Партияның аҡыл нурҙары. Шул нурҙа кешеләр Үҫтеләр, үҫтеләр Бар булған байлыҡтан юғары. Үҫтерә баҡсалар, Аттыра сәскәләр Мең йыллыҡ ҡомлоҡтар бушлығы (?) Ҡоростан ҡатыраҡ, Ҡояштан яҡтыраҡ Бер туған халыҡтар дуҫлығы. «Был – партия тураһында яҡшы йыр түгел. Автор тексты яңынан ҡарап сыҡһын ине. Был көйөнсә бармай», – тип яҙылғайны аҫтан. Рәшит ағай уны уҡып сыҡты ла ниндәйҙер бер ирония менән: — Здорово сказано, крепко сказано! – тине. (Ә мин риза түгел) – һин, әлбиттә, редактор кеше, килешмәҫкә лә мөмкинһең. — Килешеүе ҡыйын. — Һин минән абстракт тип, нимә талап итәһең? Ниндәй конкретлыҡ? — Һеҙ үҙегеҙ тойорға тейешһегеҙ инде, Рәшит ағай. Аҡылдың нуры буламы инде? Был бер ҙә матур түгел. Унан һуң: «Астылар яҡты юл, Байлыҡтар асты мул Партияның аҡыл нурҙары», — бер ҙә башҡортса түгел инде. Бигерәк буталсыҡ. — Бер ҙә буталсыҡ түгел! — Белмәйем, һеҙҙең үҙ иркегеҙ. Бына шул тонда байтаҡ бәхәсләштек. Ахырҙа, ул: «Яҡты юл астылар, Байлыҡтар таптылар,» — тип төҙәтте. Ләкин «аҡыл нурҙары»н ҡалдырҙы. Ә ҡушымтаны: «Партия, дан һиңә, Дан һиңә, партия, Бөйөк Ленин байрағы ҡулыңда. һин булдың яҡты нур, Етәкләп илткән ҡул Беҙ барған коммунизм юлында», — тип ҡуйҙы. — Дуҫлыҡ ҡоростан ҡатыраҡмы, нығыраҡмы? – тигәнгә: — Уныһы дело вкуса: һин нығыраҡ, тиһәң, мин ҡатыраҡ, тим. «...Аттыра сәскәләр Мең йыллыҡ ҡомлоҡтар бушлығы». Быныһы шулай ҡалды, төҙәтмәне. Ә «Дан һиңә, Башҡортостан» йырын ул үҙендә ҡалдырҙы. Быныһын яҡлай алманы. Эшләп ҡарармын, тине. Минең фекер: был йырҙы руссаға тәржемә иткәндә, Советтар Союзы гимны килеп сыға, тик уға механик рәүештә «Дан һиңә, дан, ирекле Башҡортостан» тигән припев ҡына тағып ҡуйылған. Башҡортостандың төҫө лә, еҫе лә юҡ. Шул уҡ Башҡортостанды Ҡазағстан менән дә, Татарстан менән дә алмаштырып ҡуйып була. — Ә нимә һуң ул, һинеңсә, Башҡортостандың төҫө менән еҫе? – тип һораны Рәшит ағай. Мин «Урал» йырын әйттем: — Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың, Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары. Бында мин тауҙарҙы ла, талдарҙы ла күрәм, шул талдарҙы ҡырҡҡандан тамып ҡалған ҡан еҫен дә тоям. Бында Башҡортостандың бөтә тарихы, географияһы, характеры бар. Рәшит ағай оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла: — Ул йырҙы халыҡ быуаттар буйы эшләгән, – тип ҡуйҙы. Шулай тигәс мин: — Урал! Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә, Ә ҡойроғо ҡойона Аралда! Быуаттарҙан баш өҫтөнән ҡарап, Мәғрүр тора бында ҡаялар, — тип уның үҙ шиғырын әйттем. – Был һуң быуаттар буйы яҙылғанмы? Ә мин уны халыҡ йыры менән тиң ҡуям. Рәшит ағай менән һөйләшеү бер-береһен аңлаған яҡын кешеләрҙең һөйләшеүенә әйләнде. — Уны Мәскәүҙә чудовищный образ, тинеләр бит? — Русса, бәлки, шулайҙыр. Ләкин образдарҙы тәржемә менән генә баһалап та булмай. «Йәмле Ағиҙел буйҙары»н нисек итеп русса матур итәһең. «Үлтер, улым, фашисты!» ла, «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» ҙа русса юғалып ҡалыр ине. Мин үҙемдең был поэмаларға булған мөхәббәтемде әйттем: — Юҡ хәҙер бындай әҫәрҙәр. Һеҙ ҙә яҙмайһығыҙ, башҡалар ҙа яҙа алмай. Шунан һуң бөгөнгө поэзия тураһында һүҙ китте. Поэзия, минеңсә, хәҙер бер урында тапанып тора, күтәрелмәй. Башҡорт поэзияһын Сәләм, Ниғмәти һәм Мостай Кәрим күтәрҙе. Хәҙер ул Мостай Кәримдән ары күтәрелә алғаны юҡ. — Бына һеҙ, йәштәр, күтәрергә тейешһегеҙ: һин, Марат Кәримов, Сафин, – тине Рәшит ағай. — Белмәйем, беҙ һеҙҙең кеүек яҙа алырбыҙмы, юҡмы? — Яҙырға кәрәк. Хәҙер һеҙҙең самый яҙа торған ваҡытығыҙ. Унан һуң һүҙ Зөфәргә, Юлтыйға, редакцияға, телгә һәм сәйгә күсте... 16 март. Бөтә был көндәр Рафаэль менән үтте. Бер ни ҙә эшләмәнем, бер ни ҙә яҙманым. Шиғырҙар уҡыныҡ та һөйләштек, һөйләштек тә шиғырҙар уҡыныҡ. Көндәрҙең үткәне лә һиҙелмәне. Бәхәсләштек, хатта үпкәләштек. Әлбиттә, мин үпкәләнем. Сөнки мин уны төбө-тамырынан аңлайым, ә ул мине һаман да аңлап бөтөрә алмай кеүек. Эш шунда: минең өсөн Башҡортостан тыуған ер генә түгел, Башҡортостан минең тарихи йөрәгем, Башҡортостан минең өсөн ул бөгөнгө көн генә түгел, ул минең халҡымдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге. Мин бөгөн бер нисек тә уның үткәндәрен онота алмайым һәм уның киләсәге лә мине ғәҙәттән тыш борсой. Бигерәк тә тел мәсьәләһе менән ауырыйым мин. Башҡортостандың төҫө лә, еҫе лә юғалмаһын тигән уйҙар мине ғәҙәттән тыш ныҡ тулҡынландыра. Был мәсьәлә – шул тиклем ҡатмарлы һәм ауыр мәсьәлә. Шул хаҡта һүҙ сыҡтымы – мин бер нисек тә тыныс ҡына һөйләшә алмайым. Был минең иң ауыртҡан ерем, һәм был минең тормошомдоң йәне. Беҙҙең быуын ниҙер эшләп ҡалырға, ниҙер әйтергә тейеш. Беҙҙән һуң был кәрәк булмаясаҡ. Ул саҡта инде һуң буласаҡ. Ул саҡта инде милли культура тарихҡа ғына ҡаласаҡ. Сөнки беҙ эшләмәйбеҙ, ә татарҙар эшләй. Беҙ Бабичты газетала мең бәлә менән сығарғансы, улар күҙ асып күҙ йомғансы уның менән антология ла килтереп сығарғандар! Китабы ла беҙҙән алда сығасаҡ! Ә беҙҙә уның китабы әҙерләнеп бөтмәгән әле... Ултыралар шунда филиал тулып. Кисәге татар антологияһын алып иҫем китте: юҡ ҡына яҙыусыларына ла улар йәбешеп яталар, һаҡлап ҡалырға тырышалар. Ә беҙ Бабичыбыҙҙы ла ҡулда тота алмайбыҙ әле. Ғәлимйән Ибраһимовтың өс томын да баҫтырып өлгөргән улар, ә ул Башҡортостанда тыуып та, етмеш йәше тулыуға ҡарата уның тураһында беҙҙә бер-ике ауыҙ һүҙ яҙып сыҡҡан кеше юҡ! Әҙәм көлкөһө!.. Ибраһимов тураһында «Ҡыҙыл таң»да ғына бер мәҡәлә сыҡты. Ул да булһа – Халиттыҡы! — Шәп эшләй татарҙар! – ти Рафаэль. — Да, малай, улар беҙ түгел шул! – тим мин. Ә эс яна, йөрәк әрней. Сөнки беҙҙә лә бөтә эште татарҙар эшләй, тик улар беҙҙә Татарстандағы кеүек эшләмәйҙәр генә. Башҡорт әҙәбиәтенең, башҡорт сәнғәтенең бөтә бәләһе лә шунда шул... Татарстанда татарҙар ижад итә, ә беҙҙә уларҙың күбеһе кәсеп итә. Шулай булғас, әҙәбиәтеңдең яҙмышы кем ҡулында, шул ҡулдар уны хәл итәләр ҙә инде. Туған әҙәбиәт, туған тел, туған сәнғәт тип кем ҡайғырһын инде? Ҡайғырғандар һирәк. Шуларҙың бер меҫкене мин инде... Һәм мине Рафаэлдең аңлап етмәүе бик тәбиғи. Минең өсөн Башҡортостан темаһы изге, был минең – тормошом, ҡайғым, шатлығым. Был минең ғорурлығым һәм кәмһенеүем. Был минең – йөрәгем. Мостай Кәримгә ул – ҡайын япрағы; ел иҫкәндә шаулай, ел иҫмәһә, юҡ. Ел ҡайһы яҡтан иҫә, ҡайын япрағы ла шул яҡҡа елберҙәй. Шуның өсөн ул: «Мин башҡортмон» тимәй, ә «Россиян мин», ти. Әйтерһең, башҡорт булыу һаман да хурлыҡ. Ә бит революция һәр халыҡтың үҙ төҫө менән сәскә атыуы, үҙ төҫө менән бәхетле булыуы өсөн яһалған. Шуның өсөн бит беҙ: социалистик эстәлекле милли культура тибеҙ. Был эстәлектең формаһы тураһында беҙ «онотабыҙ». Минеңсә, форманы онотоу ҙа формализмдың бер формаһы. Сөнки формаһыҙ эстәлек түгелә, юҡҡа сыға, йәки икенсе бер яһалма формаға һалына. Яһалмалыҡ сәнғәттең юлдашы түгел. Һәр нәмәнең үҙ тәбиғәте, үҙ законы бар. Тәбиғәттең шул эске закондарын аңламау йә булмаһа уны бер формаға, бер ҡалыпҡа яраҡлаштырыу, руслаштырыу – ул инде әҙәбиәтте үҫтереү түгел. Тәбиғәтеңә ҡаршы килеү ул эш түгел. Природа умеет за себя мстить, тиҙәр. Был – дөрөҫ. Рустарҙан беҙгә өйрәнергә кәрәк, ә ярамһаҡланыуға улар мохтаж түгел. Рустар быны яратмайҙар. Уларға башҡа халыҡтар үҙ тәбиғәттәре, үҙ телдәре, үҙ моңдары менән ҡыҙыҡ. Бер-береңдән өйрәнергә мөмкин һәм был кәрәк, ә бер-береңә маймыл кеүек оҡшарға тырышыу – түбәнлек. Минең ауыҙ тултырып: — Мин башҡорт! – тиәһем килә. Башҡорттарҙың кем икәнлеген күрһәтәһем килә. Шуның өсөн тарихты ла оноторға ярамай. Рафаэлгә был тема сәйер тойола. Сөнки уның үҙен был тема борсомай. Мостай Кәрим менән бер аҙ полемикаға кереү ҙә уға юҡ нәмә булып күренә. Мин «Йөрәгем»де уҡыным: Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Йәйрәп ята тыуған еркәйем, Шул йөрәктең ҡан тамыры булып Күкһелләнә Ағиҙелкәйем... Был образ уға бик дөйөм булып күренә. Ә минең өсөн был бик конкрет, бик яҡын. Был минең йөрәгем. Шул йөрәктә минең үҙ халҡым бар. Әгәр ҙә минең йөрәгемдә шул булмаһа, минең йәшәүемдең, шағир булыуымдың бер ниндәй мәғәнәһе лә юҡ. Мин әҙәбиәтте һөйгән ҡыҙым йәки ҡатыным, йә булмаһа төрлө кендек әбейҙәре менән сикләй алмайым. Рафаэль ауылдан кендек әбейе тураһында шиғыр яҙып килтергән һәм шуны конкретлыҡ, ти. Ә миңә был натурализм ғына булып күренә. Рафаэль: «Мәжит Ғафури шағир түгел», – тип еңешә. Ә миңә ул шағир, халыҡ шағиры. Рафаэль бер шағир менән мауыҡһа, башҡалар онотола, хатта Некрасов та юҡҡа сыға. Уға Лермонтов булған саҡта Пушкин юҡ. Бына шулар хаҡында һөйләштек. Кисәге уны Мәскәүгә оҙаттым. — Бәләкәй генә булһа ла, хатҡа ҡаршы хат яҙ, малай, – ти. Ҙур бер хат яҙаһы бар әле уға. Надя больницала ята. Бөгөн барып, тәҙрә аша һөйләшеп ҡайттым. Әҙ генә айырылып торһаҡ та, ул әллә нисек яҡын, матур булып китә. Уға бик ныҡ асыуым килһә лә – барҙым. Был юлы роддомға инеү бик сәйер булды. Бынан бер йыл элек мин был йортҡа ниндәйҙер ғорур бер шатлыҡ менән килә инем. Мин медсестраға ни тип әйтергә лә белмәйем. — Хәле нисекме? — Эйе. — Ҡасан кергәйне? — Өсөнсө көн инде. — Улай булғас, тыуҙырғандыр инде. — Юҡ, ул тыуҙырырға тейеш түгел. — Нисек инде? — Шулай. — Абортницамы? «Абортница» тигән һүҙҙе эйтергэ телем бармай, башымды ғына ҡағам. Оят, хурлыҡ, түбәнлек!.. Надя бала ташламаған әле. — Әйҙә, ҡайт та кит, – тим. — Һуң инде хәҙер, – ти Надя, күҙҙәре йәшләнеп. – Иртәгә хәл ителәсәк. Бына инде дүртенсе укол ебәрҙеләр, хина эсерҙеләр. Һаман да юҡ әле. Маткаң бик юғары, тиҙәр. Организм да бик таҙа... Ныҡ... «Ә баланы тыуҙырыуҙан ҡурҡтың», – тим мин эстән генә. Йәл дә, йәл дә түгел. Мин инде килешергә мәжбүр булдым. Ләкин эстән бер нисек тә был хәл менән килешеп булмай. Үҙ балабыҙҙы үҙебеҙ үлтерәбеҙ! Йәшәүҙән ҡурҡыу был, түбәнлек. Бының менән генә ауырлыҡтан ҡотолоп булмай икәнлеген мин йәнем-тәнем менән тоям. Был беҙҙең ғаиләбеҙҙә булған иң ҙур һәм иң мәғәнәһеҙ ҡаршылыҡ ине. Ә киләсәк? Белмәйем. Бала менән, бәлки, мөхәббәт тә юғалыр? Был бит беҙҙең мөхәббәттең емеше ине. Нисектер, ҡурҡыныс... Надя минең күҙҙән төшөп ҡалыр кеүек. Киләсәктә уның әсә була алмау ҡурҡынысы ла бар. Ҡатын-ҡыҙ әсә була алмаһа, ҡатынмы инде ул? — Бала – бәлә, – тинек беҙ. — Бала – тормоштоң сәскәһе, – тимәнек. Ә бит уның тағы ла малай булыуы, Салауаттың ҡустыһы Азамат булыуы мөмкин ине. Юҡ ул хәҙер!.. Ә Салауат үҫә. Ғәжәп бер бала. Мин диванда Хафиз шиғырҙарын уҡып ятам. Ә ул иҙәндә йүгереп уйнап йөрөй ҙә миңә үрелә. Мин юрый ғына ҡулға алмай торам. Ул барыбер үҙенекен итә: тырышып-тырмашып өҫкә менеп ултыра ла минең китапты тартҡылай. Мин биргәс, уның тышындағы һүрәткә, яҙыуға ҡарап, аңлаған кешеләй булып, йылмайып торған була. Унан һуң бик килешле генә итеп биттәрен асҡылап, ирендәрен ҡыймылдатҡан була. Йәнәһе, ул да уҡый белә!.. Әле теле лә асылмаған бер йәшлек баланың шулай ҡыланыуы минең иҫте килтерә. Һин нимә эшләйһең, ул да шуны эшләй. Ул һинең көҙгөң. Ҡапыл уның китапҡа сумып ултырыр көндәре күҙ алдыма килеп, әллә нисек күңел яҡтырып китә. Бик зирәк бала булырға оҡшай, хәйерлегә булһын инде. Юҡ, уны былай яңғыҙ ғына үҫтереү кеше итмәйәсәк. Уның ҡустылары – ҡайғылары булырға тейеш!.. 17 март. Салауатты йоҡлаттым да Жуковскийҙы уҡырға тотондом («Шағир китапханаһы», икенсе баҫма). Радионан ял концерты бирәләр. Шамил Ибраһимовтың Мәхмүт Фәйзуллин һүҙҙәренә яҙылған «Яңғыҙ ҡайын» йыры ғәжәп матур! Һуңғы ваҡытта сыҡҡан йырҙарҙың иң яҡшылары шул «Яңғыҙ ҡайын» менән Шамил Ҡолбарисовтың Игебай һүҙҙәренә яҙған «Йәшермәсе, иркәм» йырҙары. Шуларҙы тыңлаған һайын көнләшәм дә, шатланам да. Үҙемдең шундай йырым булмаған өсөн көнләшәм, ә шундай йырҙар тыуыуы өсөн шатланмай мөмкин түгел. Икеһенең дә музыкаһы ғәжәп оригиналь һәм тәрән хисле. Һүҙҙәре аҙыраҡ музыкаға ярабыраҡ етмәһә лә, яҡшы текст... Йәшермәсе, иркәм! Күҙҙәреңдә – көҙгө ҡояш нуры; Ниңә, иркәм, һалҡын ҡарайһың? Телгеләнеп янған йөрәгемә Тағы тәрән яра яһайһың. Әллә уйҙарыбыҙ айрыламы Айырсалы юлдар шикелле? Әллә мөхәббәтең һүнеп ҡалды, Яландағы усаҡ шикелле? Йәшермәсе, бәғрем, әйт дөрөҫөн, Бүтәндәме хәҙер күңелең? Умырзая кеүек зая ғына Булды мәллә һинең һөйөүең?.. Яңғыҙ ҡайын Беҙҙең туғай уртаһында Үҫә бер яңғыҙ ҡайын. Әллә ниңә шул ҡайынды Мин бер ҙә онотмайым. Иҫеңдәме, үткән йәйҙең Ямғырлы бер көнөндә Ышыҡланып торҙоҡ икәү Ошо ҡайын төбөндә. Ниңәлер шунда күң(е)лемдә Серле хистәр уянды; Ғүмеремдә беренсе ҡат Йөрәгем тулҡынланды. Хәҙер күңелем тыныс түгел: Шул ваҡытты һағына, Аяҙ көндә, ямғыр теләп, Барам ҡайын янына. Текст бер аҙ яһалма, әлбиттә. Ләкин музыкала икһеҙ-сикһеҙ киңлек уртаһында иҫ киткес моң менән бер яңғыҙ ҡайын шаулап тора. Был шауҙа ҡояш нурҙары ла, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ яңғыҙлыҡ һағышы ла бар. Әйтерһең, ул ҡайын бик күп ҡайындар менән бергә үҫеп ултырған да ҡапыл ғына ул бөтә дуҫ-иштәренән айырылып тороп ҡалған; һәм ул хәҙер бөтә япраҡтары, бөтә ботаҡтары менән үҙенең яңғыҙлығын кисереп шаулай, йырлай, моңая. Уға хатта елдән башҡа ҡоштар ҙа килеп ҡағылмай кеүек. Уға көҙгө ҡояш нурҙары төшөп торһа ла, елдәре һалҡын кеүек. Япраҡтарым һарғайып, ҡойолоп бөтмәҫ борон йәшәп ҡалайым тигән кеүек шаулай ул ҡайын, сайҡала. Шул шаулы сайҡалыу «А» өнөнә ҡоролған ҡатын-ҡыҙ хоры тарафынан иҫ киткес моң менән башҡарыла. Мин бөтөнләй ғашиҡ был ҡайынға!.. Ике йырҙы ла йыйынтыҡҡа индерҙем. Тышта һуңғы буран йөрөй, ел олоуы күңелһеҙ. Тик был бурандарҙың көнө бөтә инде тигән уй ғына күңелде йыуатып тора. Өй нигеҙен буран ҡапшаһа ла, түбәнән тамсылар тама. Яҙ яҡынлай!.. Был ҡыш минең иң күңелһеҙ ҡышым булды. Саңғыға аяҡ та баҫманым. Тиҙерәк инде яҙ килһен, ер сәскәләргә күмелһен. Урманға сығып китеп, үләндә аунап шиғыр яҙғым килә. Юҡһа, мин көндәлекте лә яңғыҙ ғына ҡалып яҙа алмайым. Яңғыҙ булғанда ғына, үҙ-үҙең менән, үҙ уйҙарың менән тороп ҡалаһың. Ә бүлмәлә сәғәт тауышы ла ваҡытың әҙ тип ҡысҡыра, балаңдың йоҡлап ятҡандағы һулышы ла ниндәйҙер бурыстар тураһында уйлата, студентка Фәниәнең: «Абый, мейескә яғайыҡмы?» – тигән һүҙе лә утын бөткәнлекте хәтергә төшөрә, стенала элеүле торған ир менән ҡатын портреты ла ҡатыныңдың больницала ятыуын әйтеп тора, гөл төбөнә өҙөлөп төшкән япраҡ та күңелгә ниндәйҙер шомло хистәр һала!.. Һағынам мин яҙҙы, күңелемде яҙға әйҙәйем: Әйҙә, күбәләк булып ос, Нескә ҡанатлы күңел, — Сәскәләрҙең хуш еҫенә, Тормош шауына күмел! Әйҙә, һабантурғай һымаҡ, Күккә күтәрел, күңел, — Зәңгәр бейеклектән ергә Көмөш моң булып түгел! Әйҙә, ысыҡ тамсыһылай, Сафлыҡ менән тул, күңел, — Тул һин ҡояш нуры менән, Кит яҡтырып, бул еңел!.. «Литературка»ла Алексис Парнистың «Дезертирлыҡ философияһы» тураһындағы мәҡәләһен уҡыным. Анджей Браунға асыҡ хат итеп яҙылған. Горькийса үткер һәм горькийса матур. Был поляктарҙан шундай нәмәләр сығып ҡына тора. Ғәжәп! Кис Әлтәф килде. Минең балалыҡ дуҫым минән ни тиклем алыҫ хәҙер!.. Һөйләшергә һүҙ ҙә юҡ кеүек. Минең мәҡәләне уҡыған икән. «Көслө яҙылған», – ти. Киноға барып, Димитров тураһында «Тарих һабағы»н ҡараныҡ. Матур кеше! Бөтә кешеләр ҙә коммунист исемен шулай күтәрһендәр ине!.. 18 март. Төн инде. Бына 18 март та башланды. Париж коммунарҙарының көнө. Коммунист тураһында көслө бер әйбер яҙаһы ине! Юҡ, әлегә яҙа алмайым. Ләкин йөрәктә Зоя йөрөй, йәшәй. Димитровты ҡарағас, ул тағын да күҙ алдыма килеп баҫты. Яҙырға тейешмен мин: кеше, кеҫәһендә партбилет йөрөтмәһә лә, нисек коммунист була – бына шуны күрһәтергә, коммунистың ҙур йөрәген күрһәтергә кәрәк! Беҙҙең әҙәбиәттә әле коммунистар бик һирәк. Сөнки ысын коммунист булған яҙыусыларыбыҙ аҙ, улар Ватан һуғышынан ҡайтманылар... Йә төрмәлә сереттеләр уларҙы! «Халыҡ дошманы» тип атанылар. Башҡорт әҙәбиәте өсөн был иң ҙур удар булды, әлбиттә. Ә егерме йыл эсендә улар күпме әҫәрҙәр яҙған булырҙар ине! Уйлаһаң, иҫең-аҡылың китә!.. Ниндәй трагедия был!.. Был хаҡта өндәшмәйҙәр, яҙмайҙар. Ғәлимйән Ибраһимовтың ғазаптары тураһында ла «Һайланма әҫәрҙәре»ндә бер ни ҙә әйтелмәгән. Әйтерһең, ул да үҙ үлеме менән үлгән!.. Ярай, Благойҙың «Мастерство Пушкина» китабын уҡыйым. 18 март. Бала менән булышып, эшләргә ваҡыт бик аҙ ҡала. Йоҡо туймай, арыта. Ҡатын-ҡыҙға түҙем бирһен!.. Юҡ, балалар баҡсалары күберәк булһын!.. Надя янына барҙым. — Тимәк, һин ҡәбер? – тим. — Эйе, ҡәбер! – ти Надя. Бала үлгән, тик үле көйө лә тыуа алмаған әле. Надя тағын да: — Иртәгә хәл ителәсәк, – ти. — Бик оҙаҡ, – тим мин. Тимер селтәр кәпләнгән тәҙрә аша һөйләшәбеҙ. Тәҙрә туңған – Надя тырнаҡтары менән боҙҙо ҡыра. Бәләкәй генә уйым аша ғазаплы күҙҙәре ҡарай. Күҙ керпектәре тағы ла оҙонораҡ булып киткән кеүек, күҙ төптәре лә күгәреп тәрәнәйә төшкән. — Йоҡлай алмайым, – ти Надя, – Бунинды килтер, Грузин әкиәттәрен дә, Хафизыңды ла уҡып сыҡтым. — Ярай, ҡыҙҙар килтерер. — Салауат нисек? — Нисек булһын – йүгерә. Һине онотто булһа кәрәк: ишек тауышына ҡарап та бирмәй хәҙер. Ҡыҙҙарға эйәләшеп китте. — Ҡыҙҙар ярҙам итәме? — Ниндәй ярҙам? Үҙем бешерәм, үҙем төшөрәм. Тик Салауаттың йүргәктәрен йыуырға ғына ялҡау килә. — Һин бысаҡ менән ҡыр, Рәми. Бысаҡ мейес аҫтында. Йыуырға әйбәтерәк булыр. — Юҡ, тәүҙә мин, йүргәктәрҙе соланға ташлап, туңдырам – аҙаҡ инде йыуам. — Яңы метод! – тип көлә Надя. — Әлбиттә. Еҫе лә юҡ, анһатыраҡ та... Бына донъяның иң нескә серҙәре тураһында шулай һөйләшәбеҙ. Ә бер йыл элек кенә былар төшкә лә инеп сыҡмай ине бит. Күрәһең, төшкә үҙеңдең күҙең күргәндәрең генә керә!.. Надя үҙе ятҡан палаталағы бер ҡыҙ тураһында һөйләп аптыратты. Ун биш йәшлек ҡыҙ балаға ҡалған. Шуға аборт яһайҙар. VII класта уҡый икән. Көсләнгән. Балаһы хәҙер дүрт айлыҡ булған. — Кем ҡыҙы? — «Ленинсы» газетаһының фоторепортеры Я.-ның ҡыҙы. — Кем көсләгән? — М.-ның улы! Байыҡтың туғаны. Хәҙер төрмәлә ултыра. — Шуның өсөнмө? — Юҡ, кемделер бысаҡ менән сәнскән. Бына һиңә донъя яңылыҡтары!.. Надяға алма, шәкәр ҡалдырҙым. Грузин әкиәттәрен, Хафиз шиғырҙарын алып ҡайтып киттем. Надяның запискаһынан көләһем килә. «Аҙ ғына колбаса кәрәк, – тигән дә, – үбәм», – тигән! Ҡайтҡанда магазинға инеп колбаса, керәндил алдым. Өйҙә май ҙа бар. Тауиләне ебәрҙем. Үҙем Буниндың шиғырҙарын уҡыйым. Ғәжәп оҫта шағир! Тәржемә итергә кәрәк! Франконың хикәйәләре лә көтөп ята. «Күтәрелгән сиҙәм»де лә очерк итеп бирәһе бар. Шиғырҙарға ла ҡул теймәй. Дауыт Юлтыйҙы ла, мартта эшен бөтөрөп, наборға бирергә тейешмен. Уҡырға ла күп. Аспирантура ла уйландыра. Нисек итеп өлгөрөргә, нисек итеп етешергә? Ҡырҡ ҡуллы булаһы ине!.. Ләкин ике ҡулды ла тулыһынса үҙ урынында ғына файҙаланып булмай. Их, бер биш йылға иртәрәк өйләнгәнмен! Бына Салауат тауышын сығара башланы. Иҫнәй. Иларға самалай. — Ш-ш-ш!!! Тынды. Юҡ. Ярай, етер!.. (Тағы яҙам.) Биләүен систем. Еүешләнгән. Балыҡты күп тота. Сәйҙе лә күп эскәйне шул... Ниндәй матур баланың йоҡонан уяныуы!.. Йүргәген асып ебәргәс тә ҡулдарын артҡа ташлап, аяҡтарын һоноп ебәреп рәхәтләнеп кирелә. — Үҫ-үҫ-үҫ! – тип күкрәгенән аяҡ остарына тиклем һыпырып алғанда үҙеңә лә рәхәт булып китә. Ул салҡан ятҡан еренән, бесәй кеүек йылп итеп, йөҙ түбән әйләнә лә башын мендәргә батырып туңҡайып ята. Аяҡтары эҫе, шундай йомшаҡ, бөтә тәне йылы бәрхәт кеүек. Һыҡырыҡ еҫе лә һиңә иң татлы хушбый еҫе кеүек. Бөтә тәнен үбеп бөтөрәһең, ҡабып йотаһың килә. Ә уның йоҡо аралаш шыңшып йылмайыуы, күҙҙәрен бер йомоп, бер асып һиңә текләп ҡарауы!.. Ырғып китеп, мендәргә үрмәләүе!.. Башын иң үргә һалып, бөтә нәмәгә күҙ йөрөтөп сығыуы!.. Телен лепер-лепер буталдырып, әллә ниндәй өндәр сығарыуы һәм ҡапыл ғына иҫнәп ҡуйыуы!.. Мин тиҙ генә, йоҡоһо осмаһын тип, уның тыңлауһыҙ тәнен, ярҙа тыпырсынып ятҡан балыҡты тотҡан кеүек, шәп-шәп кенә сепрәктәренә урай башлайым. (Бына уның бөтә уяныуын яҙғансы инде ул йоҡлап та киткән!..) Башта ул ҡарыша, ләкин бер уратып алғас, башҡаса инде көс түгеп тороуҙың кәрәге юҡ тигән һымаҡ, артабан һинең ихтыярыңа ғына буйһоноп ята. Биләп бөткәс, мендәргә һалам. Йоҡоһо янында ғына көтөп тора. Тик ниҙер етмәй. Асыҡҡандыр, күрәһең. Эйе, асыҡҡан. Бидон ҡапҡасы шылтырау менән: — Эһе, – тип башын ырғытып ебәрә. һөт һалғансы түҙемһеҙләнеп көтә, көтөп ала алмай. Тәүҙә тын да алмай һемереп эсә лә тәрән итеп һулап ҡуя. Ниндәй тәмле был һөт тигәнең. Һалҡын ғына, йомшаҡ ҡына, үҙе шундай хуш еҫле!.. Уны бит атайың сиратта тороп алған, ярты төн уртаһында, тамсыһы ла түгелмәһен, көймәһен-янмаһын тип, плитка эргәһенән китмәйенсә тәмләп-татлап ҡына бешергән һәм бына икенсе көн инде шул һөт менән һыйлай һине. Һин ни тиклем яратып эсһәң, уға ла шул тиклем рәхәт, күңелле. Һин туҡ булһаң, ул да туҡ бит. — Мә, тағы ла эс, Салауат!.. Ул эсә. Тик тәүҙәге һемереп эсеү түгел инде был. Аҙлап ҡына, тәмләп кенә, яйлап ҡына һыйланыу был. — Тағын бер йотһаң ине, тағын бер, бөткәнсе!.. Атайыңдың бөтә иғтибары хәҙер һинең ауыҙыңда. Һинең ирендәрең аҙ ғына алға сығып ослайһа, уның ирендәре ҡолағына етерлек булып йәйелеп китә. — Эх-х!.. Тәмле был һөт!.. Ләкин һин туйҙың, иренеп кенә йотаһың, ҡыҫтатып ҡына әсәһең, көрһөнөп алған булаһың, йән эйәһе! Ҡапыл тәҙрәгә боролоп ҡарайһың. Селтәр аша туң тәҙрәгә төшкән әллә ниндәй семәрле, әллә ниндәй сихырлы абаға сәскәләре артында мамыҡ йомғағы һымаҡ йомшаҡ ай күренә. Тик һин уның ай икәнен, ғашиҡтар ҡояшы икәнен белмәйһең әле, улым. Бына һиңә 17 йәш булыр, һин биләүҙәреңде онотоп, тормош биләүҙәренә уратылырһың, ниндәйҙер матур бер ҡыҙ йөрөр йөрәгеңдә, – бына шул саҡта һин айҙың да нимә икәнен тойорһоң!.. Ә хәҙергә тағын бер йотом ғына эс тә – йоҡла, әйҙә. Йоҡоң һине эҙләй, ауыҙыңды асып һигеҙ бөртөк кенә тешеңде һанай, – ниндәй матур һинең ул ваҡ ҡына ынйыларың!.. Тик береһе генә икегә айырылып, төптән бер тамыр булып тора. Юҡһа, һин ете тешле генә булыр инең. Ҡапыл һин радиоға ҡарайһың. Радио өндәшмәй. Мәскәү дикторы ла инде һөйләп арыны. Кисәге Доктор Айболитты тыңлап, һин радиоға ғәжәпләнеп ҡарап тора инең. Радионың да ни икәнен белмәйһең шул әле һин. Ул да һиңә әле ай кеүек түңәрәк бер нәмә генә. «Эх, шуны һөйрәп төшөрөп булғанда, шәп уйынсыҡ булыр ине!» Хәҙергә һинең философияң шул ғына! Ә бөгөн унан Венгрия философияһы тураһында һөйләнеләр. Һиңә аҡыл теше сыҡҡанда инде һин был хәлдәрҙе тарихтан ғына уҡып белерһең, улым... Бәлки, ул саҡта инде «атом уйындары» тураһында түгел, бына әле генә һин ҡарап алған айға осоу тураһында һөйләрҙәр. Һин дә атай булырһың. Ләкин һин, үҙ балаңды ҡулыңа алып ултырғанда, минең кеүек квартира, һөт, утын тураһында уйламаҫһың ул ваҡыт!.. Йә, йоҡла инде, улым, йоҡла. Мин һинең йомшаҡ ҡына сәстәреңдән һыйпайым, ирендәрем менән биттәреңде, муйыныңды ҡытыҡлайым. Һин йылмайып ҡына йоҡлап кит. Иртән оҙағыраҡ йоҡла. Миңә лә аҙыраҡ йоҡо тейһен. Миңә бит эшләргә кәрәк. Мин мәңге эшләргә тейешмен. Тик эш эшләгәндә генә мин һинең кеүек саф һәм матур, бәхетле!.. Һин инде йоҡлайһың... Мин улым тураһында бер рәхәтләнеп яҙайым әле, тип ултырғайным, сәғәт инде дүртенсе ун биш минут булып киткән... Ә үҙем ни тиклем тиҙ яҙған кеүекмен!.. Тимәк, оҙаҡ яҙамын. Берәй ваҡыт был төн тураһында Салауат был юлдарҙы үҙе уҡыһын ине. Мин уның бәхетле, матур, эшсән кеше булыуын теләйем. Беҙ уны бик ауыр саҡтарҙы кисереп үҫтерәбеҙ. Ул быны онотмаһын ине. Әгәр ҙә онотоп ҡуйһа, был юлдарҙы уға уҡытып алырға кәрәк булыр. Бәлки, уның йөрәге атаһының иң изге теләктәрен аңлап, яңыса тибә башлар. Кеше бул һин, улым. Бер ҡасан да үҙеңдең кешелек намыҫыңа тап төшөрмә! Мин үҙем шулай йәшәргә тырыштым, шулай йәшәнем һәм йәшәрмен. Йөрәгендә иң ҡәҙерлеһе – халҡы булмаған кеше кеше түгел. Кескәй генә йөрәгеңә бөтә донъя һыйһын – шунда ғына һин донъяның дуҫы булырһың. Йөрәгенә донъяны һыйҙырған кеше бер ҡасан да үҙе өсөн генә йәшәй белмәҫ. Тик шул бер нәмәне генә белмәгән кеше – бәхетле кеше!.. 19 март. Салауат бөгөн рәтләп йоҡламаны. Ҡыҙҙар институттан иртә ҡайттылар ҙа, шырҡылдашып, уяттылар. Дауыт Юлтыйҙың һаман да осона сыға алмайым. Надя нисек уҡыйҙыр, мин эшләй алмайым өйҙә! Өй эше менән булашып, бөтөнләй ваҡыт ҡалмай. Көн үтә лә китә, үтә лә китә. Ҡыҙҙарға бик асыуым килә. Башҡа бер бәлә генә булдылар – ҡыуып сығарыр инең – хужа ҡыҙы!.. Етмәһә, студенткалар. Үҙҙәре йүнләп уҡымайҙар ҙа. Егеттәре килеп ялҡыта. Русса һөйләшеп маташҡан татар егеттәре. Белмәйем, былар нисек уҡытыусы булырҙар икән!.. Институттан бик күп буш баштар «уҡып» сыға. Шулар инде балаларға тәрбиә бирергә тейеш!.. Эх, донъя!.. Бөтә донъяны, үрмәкес ауы кеүек, формализм сорнап алған. Нисек итеп уларҙы йырып-йырып ташларға?.. Прозаға тотонмай булмаҫ. Үс алыр инем шул үрмәкес ауынан!.. Күпме нәфрәт йыйылған миндә хәҙер!.. Бына әле Буниндың «Һуңғы күрешеү» хикәйәһен уҡып ҡына бөгөнгө кәйефте алып ырғыттым. Йөрәккә әллә ниндәй кеше хистәре, ниндәйҙер һағыш тулды. Бер өс-дүрт битлек хикәйәлә лә күпме тормош, күпме тәбиғәт моңо һыйған! Бер ҡулымда китап, бер ҡулымда ҡалаҡ, һөт бешерәм һәм уҡыйым... 30 март. Төн. Скрипка өҙөлә... Нисек ышанайым мин кешегә, Кешеләрем мине алдаһа? Кешеләргә аҡса ҡояш таһа, Кешеләргә кеше мал даһа!.. Үкһеп-үкһеп иланым мин бөгөн, Үкһеп-үкһеп тәү ҡат иланым. Һулҡып, һулҡып һыҙлай йөрәккәйем, Имә уны ҡайғы йыланы. Күпме ялғанлыҡ бар кешеләрҙә, Күпме бысраҡ, күпме хәйләлек!.. Мөмкин булһа, сәйнәп ырғытыр ҙа, Бер ҡарамаҫ инем әйләнеп. Күҙгә күҙлек кейә шул маймылдар, Йөҙгә кейә кеше битлеге. Ҡулдарынан бер эш килмәһә лә, Ҡыла һиңә төрлө этлеген!.. Нимә уға һинең хыялдарың, Нимә уға керһеҙ йөрәгең!.. Бысраҡ аҡса уның бар теләге, Аҡса уның бөтә терәге. Ул ҡандала булып ҡаның эсер, Үрмәкестәй үрер ауҙарын. Ниңә йәшәй шулар, ниңә баҫмай Емерелеп бер көн тауҙары!.. Ярай, бөтәһен дә һуңынан яҙырмын әле. Ауыр миңә. Ир була тороп иланым... 31 март. Рафаэлдән хат килде! Дипломдарын яҡлағандар. Рафаэль менән Рәис – яҡшыға, Шакир – уртасаға. Рафаэлдең дипломы отлично булыр тип көткәйнем мин. Шакирҙың да уртасаға яҡлауын күҙ алдыма килтермәй инем. Тимәк, бик объектив ҡарағандар. Шулай ҙа диплом пустяк нәмә!.. Ижадты дипломға һыйҙырыу ауыр. Бөтәһен дә киләсәк күрһәтер әле. Рафаэль тар булһа ла, унда өмөт бар. Ә Рәис менән Шакирҙа ысын әҙәбиәтселәрҙе күрмәйем. Ваҡ кешеләрҙең ысын әҙәбиәтсе буласағына ышанғым килмәй. Шакир телде яҡшы белә, яҡшы тәржемәсе булырға мөмкин. Ә үҙенең ҡайғыһы, үҙенең кешеһе, үҙенең идеалы юҡ. Рәистә көнсөллөк кенә бар. Ләкин ул кешеләргә ярай белә. Журналист булырға йәки берәй урын биләп ултырырға мөмкин. Бындайҙар әҙәбиәтте түгел, әҙәбиәттә үҙҙәрен нығыраҡ яраталар, ә үҙҙәре менән риза булмаған кешеләрҙе яратмайҙар. Диплом яҡлаған көндәрендә, дипломдарын йыуып, шул фекерҙе әйтәһе килгәйне. Ләкин мин улар янында түгел!.. Рафаэль бик ҡаты ауырып алған. Ауырыу уның артынан күләгәһе кеүек йөрөй. Бер ҙә айнығаны юҡ. Укол менән генә ҡотҡарып ҡалғандар. Хатын уҡып көйөндөм дә, һөйөндөм дә. Яратам мин уны. Берҙән-бер ярата торған кешем бар, ләкин уның менән дә һәр саҡ риза ғына булып тора алмайым. Әҙәбиәткә ул ҡыҙҙарға ҡараған кеүек ҡарай. Ҡапыл ярата ла ҡапыл һыуына. Гөлсәсәк менән дә эштәре бешмәй тора, күрәһең. Был турала икенсе хатта яҙырмын тигән. Минеңсә, бөтә бәлә – икеһенең дә бик матур, бик ғорур булыуында. Икеһе лә бер-береһенә ал бирмәҫкә тырыша. Икеһе лә бер-береһен яндырырға ярата. Тәрән дуҫлыҡ юҡ, көнсөл яратыу ғына бар. Әгәр ҙә уларға бергә йәшәргә тура килһә, икеһенә лә бик ауырға тура киләсәк. Икеһе лә артистар! Әгәр ҙә Рафаэль ҡыҙ булһа, беҙҙән дә яҡшы пар булмаҫ ине донъяла!.. Беҙҙең дуҫлыҡ ниндәйҙер ҡыҙ менән егет араһындағы мөхәббәт кеүек. Был дуҫлыҡ оҙаҡҡа, ғүмергә булыр кеүек. Быны беҙ икебеҙҙә лә бик саф килеш һаҡларға тейешбеҙ!.. 1 апрель. Төнгө сәғәт 4. Дауыт Юлтыйҙың «Һайланма әҫәрҙәр»е, I том, баҫырға әҙер! Иртән барғас та документацияһының эшен бөтөрөп производствоға бирергә кәрәк. Намыҫ менән эшләнем. Минең Дауыт Юлтый алдында намыҫым саф. Эшемдән ҡәнәғәтмен. Өҫтән тау төшкәндәй булды. Инде миңә тыныс күңел менән дүрт сәғәт кенә булһа ла йоҡлап алырға мөмкин. Минең эште өйгә алып ҡайтып эшләүемдән көләләр. Бәлки, мин ахмаҡтырмын да... Шулай ҙа мин башҡаса булдыра алмайым. Ҡайҙа ла эш муйындан икән минең өсөн. Ҡайҙа ла тыныслыҡ юҡ. Сөнки мин үҙем тыныс түгел!.. Бөгөн бына шундай һөҙөмтәгә килдем. Иртәгә «Йәш көстәр»гә тотонорға кәрәк. Иртәгә Франконың хикәйәләрен дә тәржемә итә башларға кәрәк. Иртәгә түгел, бөгөн!.. 2 апрель. Юҡ, тәржемәгә тотона алманым. Баш тубал кеүек! Юлтый бик йонсотҡан икән. Бөгөн дә төшкә тиклем баш зыулап тик торҙо. Бер нәмә лә эшләй алманым. Март айының планын үтәү буйынса отчет бирҙек. Василий Андреевич: — 300 процентҡа үтәгәнһең! – тине. Юҡ, башҡаса мин былай һыпырылмам. Тик Юлтый өсөн генә үҙ-үҙемдё аяманым. Ләкин, барыбер, эшеңде күрмәйҙәр. Кисәге баш бик ауыртҡас, директорға керҙем. — Ағай, мин бөгөн ял итеп алайым инде? — Шундай йәш ваҡытыңда ниндәй ял ти ул. Беҙ һеҙҙең кеүек саҡта көн буйы бесән сабып, төн буйы ҡыҙҙар артынан саба торғайныҡ!.. һ. б. төрлө мораль уҡыу!.. Ниңә әйткәнемә үкендем. — Баш редакторға ин, минең бер ҙә... — Кәйеф юҡмы? — Эйе. — Ярай, улай булғас... Ләкин, теләнсе кеүек кәмһенеп, редакторға кереп торманым. Уныһы ла шул бер үк сыбыҡтан ҡыуылған нәмә. Кис директор беҙҙең бүлмәгә инеп: — Бәй, һин ҡайтманыңмы ни? – тигәйне, мин моменттан файҙаланып: — Һеҙҙең кәйефегеҙ булмағас, ҡайтманым инде, ағай!.. – тип ҡаптырып ҡуйҙым тегегә. Бер ни ҙә әйтә алманы. Мин уның күҙ алдында эшләгән кеше булып ултыраһым килмәйенсә, тартаһым килмәһә лә, тартырға сығып киттем. Был кеше миңә урта быуат инквизиторы булып күренә башланы. Һәр нәмәнән шикләнеүсе, үҙенән-үҙе ҡурҡа торған тупаҫ һәм бик сикләнгән кеше. Мәғәнәһеҙ ҙур күҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ асып, һиңә һарыҡ кеүек ҡарап тора-тора ла, тоҡтомалдан, бөтөнләй кәрәкмәгән, мәғәнәһеҙ бер һүҙ әйтеп ҡуя. Сысҡан менән бесәй булып уйнарға ярата, күрәһең! Ләкин барып сыҡмай. Нисектер хәле бөткән, йүне киткән меҫкен ҡарт бесәй кеүек килеп сыға. Хатта йәл булып китә. Хәҙергә бер ни ҙә әйтмәйем әле үҙенә. Тағы бер ҡабат аҡыл һатҡанда сдачаһыҙ ҡалдырмам әле үҙен. Кисте саҡ көтөп алдым. Райкомға барып учеттан төштөм, учетҡа индем. «Совет Башҡортостаны»на инеп, Файыҡтан профсоюз билеты яҙҙырып алдым. Ул альманахҡа шиғырҙарын да биреп өлгөрҙө. Ләкин индерерлек түгелдәр. Редакцияға ингәндә нисектер күңелгә яманһыу булып китә. Бөтәһе лә: — О, беҙҙең юғалған Рәми, оноттоң бит, ниңә килеп тә сыҡмайһың! – тип килеп күрешәләр, хәлде һорашалар, «онотма, онотма, килеп йоро», тиҙәр. — Ваҡыт юҡ бит, – тигән булам, ә үҙем эстән генә һыҙланам. Әҙәбиәт бүлегендә күренмәйҙәр. Әхмәтшин психбольницаға ингән, ә Саръян минең кеүек эшкә батып ултырырға яратмай, ахыры, һәр саҡ сығып киткән була. Кире нәшриәткә барып, эш хаҡы алдым да, взностарҙы түләнем, учетҡа яҙылдым. Бында формализм иҫ киткес көслө күренә: профсоюзда ла, комсомолда ла. Йыйылыштар иҫ киткес ҡоро, йәнһеҙ үтә. Кешеләрҙе көсләп һөйләтәләр. Ғөмүмән, эштән башҡа миңә бер ни ҙә оҡшамай бында. Эште эшләү ҙә бик ҡыйын шарттарҙа. Күрше бүлмәлә суд, залда иртәнән кискә тиклем судҡа килгән халыҡ шаулай, бүлмәлә һалҡын һәм тәртипһеҙлек. Беҙҙең менән бергә техник обществоның бухгалтерияһы «эшләй». Күңелгә ауыр, һалҡын, ҡараңғы... Шуларҙы уйлап, кисәге мин өйгә нисектер һул аяҡ менән ҡайтып керҙем. Керһәм, Салауат китаптарҙы иҙән буйлап туҙҙырып ташлаған, Надя ла күңел йыуатырлыҡ һүҙҙәр әйтмәй. Тиҙерәк эшкә ултырырға ашығам. Ләкин Надя мәктәпкә китергә ашыҡмай, һөткә барам тип, мәктәпкә бармаҫҡа булған. Кухняла ҡыҙҙар шырҡылдаша. Минең бөтә кәйеф боҙолдо. Етмәһә, Надя минең алға сәғәтте килтереп ултыртты ла: — Сәғәт унда уятырһың, – тип бала янына йоҡларға ятты. Мин эстән генә әсенеп, бөтә был күренештән тыныслана алмайынса, сәғәт уңды саҡ еткерҙем. Тәржемәгә тотона алманым. Иҙән буйлап арлы-бирле йөрөй башлағас, Надя: — Ни булды? – ти. — Дежурю в этом вокзале! Был һүҙҙәргә үҙемдең бөгөнгө бөтә асыуымды һалып әйттем. Тағы ла һүҙгә килеп тораһы килмәй. Өндәшмәүҙән башҡа бер ни эшләр ҙә сараң юҡ. Ә өндәшмәү икебеҙгә лә ауырыраҡ. Эх, был донъянан бер өс сәғәткә генә юғалып тороп, тыныс ҡына эшләйһе ине!.. Юҡ, Корней Чуковский тураһында Зелинскийҙың мәҡәләһенән башҡа бер ни ҙә уҡый алманым. Төн бушҡа үтте. Ә көн тағы ла әрәм булды. Кешеләр эшләй. Әнүәр Бикчәнтәев: — Эшләргә кәрәк! – ти. – Бальзак кеүек эшләргә кәрәк. Все остальное – ерунда!.. Белмәйем, ул үҙе ҡасан эшләйҙер? Көн буйы уны урамда йә редакцияла, йә нәшриәттә күрәһең. Ә үҙе бөтәһенә ҡарағанда ла күберәк эшләй. Китаптарын русса ла, башҡортса ла сығара. Мәскәүҙән дә, бынан да аҡса ала. Тегегә лә, быға ла дуҫ. Бөтәһе лә уның өсөн «дуҫ кеше». Бөтәһенә лә яғымлы, бөтәһенә лә ярай, бөтәһе менән дә ризалаша. Бөтә урында ла уға ишек асыҡ. Бөтәһенә лә ул ҡулын бирә. Ул минең менән күрешкән һайын мин уға бирәсәк бурысым тураһында уйлайым. Һаман да ҡотола алмайым шунан. Уның менән һөйләшеүе уңайһыҙ, күҙгә ҡараған һайын ул да шул хаҡта уйлай кеүек. Ләкин уның: «Эшләргә кәрәк, кеше былай ҙа ярты ғүмерен йоҡлап үткәрә» тигән һүҙҙәре менән ул миңә оҡшай. Тик ул үҙе бер ҙә аҙ йоҡлаған, эш менән йонсоған кешегә оҡшамай. Бал менән майҙа йөҙгән кеүек һимеҙ, хәҙер генә бәлеш төбөн түңкәреп ҡуйған кеше кеүек туҡ һәм мөләйем!.. Аңлап етмәйем мин уны. Китаптарын башҡортса итеп редакторҙар эшләп сығара, ә русса сыҡҡандарына: «Перевод с башкирского автора» тип ҡуя!.. Һәм үҙен «Комсомольская правда»ла, «Литературная газета»ла маҡтай. Бөтә ерҙә лә «дуҫ кешеләре» бар шул уның!.. Рәхәт йәшәй кешеләр!.. Бер ҙә «башҡорт әҙәбиәте» тип ҡайғырып йөрөмәй, ә үҙе башҡорт әҙәбиәте кәмәһендә йөҙә генә бирә... Башҡортса бер һөйләм төҙөй белмәүенә лә бошоноп тормай. Кис Ғәйнан ағай менән һөйләшеп ултырҙыҡ, шиғырҙарын уҡыны. Шатланып уҡырлыҡ шиғырҙары юҡ кеүек. Ләкин үҙе яҡшы, ти. Мин ышана алмайым. Нисектер һүнеп бара буғай ул. Бик арыған, бик йомшарған, кемдәрҙер үҙен бик ныҡ иҙгән. Миңә лә: «Ергә төш, Рәми», – ти. Юҡ, мин әле башты эймәйәсәкмен!.. Кискә табаныраҡ Мәскәүҙән Рафаэль шылтыратты. Шиғырҙары тураһында һораша. Гөлсәсәк менән эштәр боҙолоп тора, ти. — Әллә әйләнәйем дә ҡуяйыммы? – ти. — Юҡ, юҡ, ауыҙыңды ла асма хәҙергә, – тим мин. Ҙур итеп хат яҙырға кәрәк булыр. 3 апрель. Беҙгә Мостай Кәрим килде, һәм миңә әллә ниндәй рәхәт булып китте. — Кәйеф нисек? — Хөрт, ағай. — Үҙең китап сығармаһаң да, кешелэрҙекен сығарайым тип ултыраһыңмы? — Эйе, – тим мин. Рафаэлдэрҙең диплом яҡлауында булып ҡайтҡан. Нимә һөйләгәнен һөйләп ташланы. Н. Задорновтың Латвияла баҫылған башҡорттар тураһындағы романын килтергән («Парус» журналы). Баҫырға кәрәк, ти. Бер-ике һүҙ һөйләне, миңә әллә күпме һөйләшкән кеүек булды. Камиль Сен-Санс 16 йәштән яҙа башлаған композитор. Ромэн Ролландың «Музыканты наших дней» тигән китабынан уҡырға! (Радионан әйттеләр.) 8 апрель. Кисә Өфөгә яҙ килде. Иретә. Йылы. Быҫҡып ҡына ямғыр һибәләй. Яҙ, ахыры, ҡапыл килергә уйлай. Март һалҡын, буранлы булды. Ҡар күп быйыл: яҙ бик ярһыу буласаҡ. Луначарский баҡсаһында һәм уның ҡаршыһындағы тирәктәрҙә ҡарғалар шаулаша. Төндә лә сәүкелдәшеп туймайҙар. Сыйырсыҡтар булмағанда ҡарғалар ҙа яҡын күңелгә. Нисектер донъя йәнләнеп, тулыланып киткән кеүек. Нисек кенә булмаһын, яҙҙы ҡарғалар башлап ебәрә бит. Әллә ниндәй быйылғы яҙ: моңһоу ҙа, ярһыу ҙа... Нимәлер етмәй, нимәлер юҡ кеүек. Быйылғы ҡыш минең тәнде генә түгел, күңелде лә туңдырҙы буғай. Күңел ҡатҡан. Кешеләргә ҡарата ышанмау тойғоһо, һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау тойғоһо көсәйгән миндә. Тормош миңә үҙенең иң әшәке яҡтарын асып бирҙе быйыл. Көн Һайын шул тормоштан бер өс-дүрт сәғәткә генә булһа ла юғалып тораһым һәм бер кемде лә күрмәйенсә, бер кемде лә ишетмәйенсә туйғансы, хәлдән тайып йығылғансы яҙаһым, яҙаһым килә. Ҡулға ҡәләм тотмай торһаң, ҡәләм алыҫая, тупаҫлана. Яҙыу эше һиңә нисектер ят, бөтөнләй таныш булмаған эш кеүек тойола башлай. Эштән тик бер хыял, тик бер теләк менән ҡайтам: бер-ике сәғәт кенә булһа ла, яҙып ултырһаң ине!.. Яҙыу – иң көтөлгән, иң ҡәҙерле, иң матур сәғәт булып тойола. Ҡайтһаң – бала! Надя мәктәпкә китә. Баланы йоҡлатҡансы үҙең дә йоҡлап китә яҙаһың. Етмәһә, ҡыҙҙар ҡамасаулай. Асыуҙың сигенә етеп, ҡысҡырып ебәрәһем килә. Шунда ла тешемде ҡыҫып ҡалам. Бөгөн Салауатты йоҡлаттым да, егеттәре сығып киткәс: — Ҡыҙҙар, һеҙгә әйтеп ҡуяһы бер һүҙ бар әле, – тинем. Тауыш шундай ҡалтырап сыҡты, хатта үҙем дә туҡтап ҡалдым. Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа: — Нимә һуң? – тип бик мөһим нәмәне тыңларға торған кеүек, тынып ҡалдылар. — Һеҙҙең бына иң теләгән, иң хыялланған нәмәгеҙ бармы? — Әллә, нимә һуң? — Бына мин көн һайын бер генә бит булһа ла яҙырға хыялланып ҡайтам. Ә ултырып булмай. Һеҙ сәғәт туғыҙға тиклем бөтә эшегеҙҙе лә бөтөрөп ҡуйһағыҙ ине. Салауатты йоҡлатып булмай, тауыш булмаһын ине, ҡыҙҙар. Һөйләштекме шулай? — Ярар, – тиеште ҡыҙҙар. һәм ҡапыл өй тынып ҡалды. Мин улар алдында бик ғәйепле һәм шуның өсөн бик ныҡ ғәфү үтенгән кеше һымаҡ һөйләштем. Нисек кенә тырышһам да, үҙемдә йыйылып килгән бөтә асыуҙы йәшерә алманым кеүек һәм быны бик уңайһыҙланып, бик түбәнһенеп белдерҙем шикелле... Ләкин өҫтән бер йөк алып ташланған кеүек булды. Үткән аҙнала Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары тураһында поэзия секцияһында доклад яһаным. Ололарҙан Ғәйнан ағай, Сәғит Агиш, Кулибай һәм Хәким Ғиләжев бар ине. Минең сығыш бик әҙерлекһеҙ булһа ла, бик оҡшаны, буғай. — Секция исеменән рәхмәт әйтәһе килә, – тине Хәким ағай. – Быға тиклем бындай доклад булғаны юҡ ине әле. Рәми үҙенә бирелгән тәүге поручениены бик добросовестно, бик яҡшы итеп үтәне. — Башҡа секцияларҙа ла бына шундай сығыштар булһын ине, – тип ҡуйҙы Сәғит Агиш. — Ғәжәп искренно, тәрән, доброжелательно һөйләне Рәми, – тине Ғәйнан ағай. Икенсе көндө издательствоға килгәндә ул: — Кисәнге сығышың өсөн, – тип ҡулды ҡыҫҡан булды. Белмәйем, был сығыш минең үҙем өсөн бер ҙә улай тойолманы. Мин бик ҡурҡа-ҡурҡа ғына барғайным. Докладтың яртыһын ғына яҙып өлгөргәйнем. Ҡыҙып китеп, ҡағыҙһыҙ ғына һөйләргә тура килде. Мин үҙемдең һөйләй белмәүемә зарланам, тотлоғам, һүҙҙәрҙе нисектер боҙоп, төҙәтә-төҙәтә әйтәм. Үҙемдең ҡағыҙға ҡарап һөйләүемә йәнем әрней. Шундай ҡағыҙҙан айырыла алмаған кешеләрҙе йәнем-тәнем менән күрә алмайым. Ә бер ҡыҙып китһәм, үҙ-үҙемде һиҙмәй һөйләп китәм дә һуңынан аптырап ҡуям: әллә ҡайҙан телгә һүҙҙәр килеп тора, әллә ҡайҙан фекер сығып тора!.. Әйтерһең, мин кем менәндер бик ныҡ бәхәсләшәм, һәм, нисек кенә булһа ла, үҙ фекеремә уны ышандырырға тырышам. Мин иң юморһыҙ кеше булһам да, кешеләр көлә һәм мин көтмәгәнсә ниндәйҙер бик иғтибар менән тыңлайҙар. Әйтерһең, мин ниндәйҙер бер һүҙҙәр шаманы!.. Әллә ҡайҙан – «Игорь полкы тураһындағы һүҙ»ҙән башлап реализм хаҡындағы бөгөнгө бәхәстәргә килеп етәм. Йософ менән Зөләйха ла, Ромео менән Джульетта ла, Гейне менән Таҡташ та, натурализм менән формализм да ҡалмай – бөтәһе лә бер епкә килеп теҙелә һәм мин үҙем һөйләгәнгә үҙем дә ышанам, башҡаларҙы ла ышандырам... 9 апрель. Надя больницанан үкереп илап ҡайтты. — Ниңә, ни булды? — Операция яһамайҙар. — Ә бала нисек? — Тыуҙырырға... – тине лә буҫлығып-буҫлығып илай башланы. Бала үлмәгән – тере!.. Тыуһын инде әйҙә! Тик мине уның зәғиф булып ҡуйыуы ҡурҡыта. Ә врачтар, киреһенсә, уның бик теремек буласағын әйткәндәр. Күрәһең, икегеҙҙең дә организмығыҙ бик ныҡ, – тигәндәр. Был шатландыра. Ләкин минең өсөн хәҙер аспирантура ишеге ябыҡ булыр, ахырыһы. Эх, тормош!.. — Прощай теперь, аспирантура!.. Надя тағы ла йәштәрен субырлатып ағыҙып иларға тотондо. Мин бер һүҙ ҙә өндәшмәй, уның башын күкрәгемә ҡыҫып алғас ҡына, илауҙан саҡ тымды. Күңелгә әллә нисек – өмөттәр өҙөлә, буғай... — И, мөҡәддәс моңло сазым... – тип йырланым-йырланым да китапханаға барып, 1930 йылғы «Октябрь» журналын аҡтарырға тотондом. Ҡыҙыҡ сыҡҡан журнал. Бына ҡайҙа әҙәбиәттең ысын тарихы! Тик был тарихты эшкәртергә, бөгөнгө күҙлектән ҡарап, фәнни тәртипкә килтерергә, бик күп нәмәләрҙе асыҡларға кәрәк. Ләкин ҡайҙа кешеһе?! Кем тотонһон инде быға? Күпме эш, күпме эш! Ни тиклем ҡыҙыҡлы материалдар!.. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, баш-аяғым менән сумыр инем был эшкә. Юҡ, мөмкин түгел. Асҡа үлмәҫ өсөн юҡты бар итеп ултырырға тура килә. Донъяның бөтә шул ваҡлыҡтарынан азат булһаң ине лә, йәнең теләгән эште эшләһәң ине!.. Күпме ғүмер, күпме көс бушҡа әрәм була. Шуларҙы уйлайһың-уйлайһың да йөрәк һулҡып-һулҡып һыҙлап китә. Китапхананан ҡайтҡанда ла Туҡайҙың «Өҙөлгән өмөттәр»ен йырлайым: «Осто донъя ситлегенән тарһынып күңелем ҡошо!..» Юҡ, минең күңел әле бығаулы!.. 10 апрель. Зөфәрҙән Ғайса китабының корректураһын алып, Сәләм тураһындағы мәҡәләһен уҡыным. Яңыса фекерҙәр. Ғайсаға бик асыуҙарым күп булһа ла, хөрмәтем ҙур. Толковый егет, талант та бар, ләкин юҡ-бар авторитеттарға тотоноп үҙен әрәм итә! Ҡурҡаҡлыҡ көслө, бик дипломат кеше. Алдын-артын ҡарап ҡына йәшәй. Бөгөн «Йәш көстәр» өҫтөндә ныҡ ҡына ултырырға тура килде. Яҡшы шиғырҙар бик аҙ. Бөтәһе лә бер төрлө, бөтәһе лә ваҡ. Йә бала саҡ, йә мөхәббәт тураһындағы шиғырҙар. Эҙләнеү юҡ, тематика тар, эшләнештәре йомшаҡ. Етмәһә, Зөфәр шуларын да һайлап ала белмәгән. Ихсан менән телефондан һөйләштек. Ә. Ғайсин менән Б. Рафиҡов үҙҙәре килде. Кисә Әнүр Вахитов килгәйне. Бөтәһенә лә шиғырҙарын яңынан ҡарап сығырға, яңынан эшләп килтерергә биреп ҡайтарҙым. Ризалашҡан булдылар. Тик Нур Хәбировҡа килеп еткәс кенә күңелем яҡтырып китте. Ғәжәп үҙенсәлекле шағир! Эйе, был шағир, әгәр ҙә эҙләнһә, боҙоп ҡуймаһалар, был егеттән эш сығасаҡ. Шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып рәхәтләнеп ултырҙым. Үҙемә күсереп алып ҡуйыр өсөн өйгә алып ҡайттым, Надяға башҡортса уҡып, русса тәржемә итеп күрһәттем. Уға ла бик оҡшаны был шиғырҙар. Минең шатланыуым Надяға ла күсте булһа кәрәк, өй эсе яҡтырып, йылынып киткән кеүек булды. Мин был шиғырҙарҙың башҡорт поэзияһына ниндәй матур кеше алып килеүе, уларҙың, ни тиклем яңы һәм тәрән фекерле, ни тиклем халыҡсан булыуы тураһында һөйләнем. Йәштәр араһында әле бындай үҙ аллы, бындай үҙ тауышлы шағир юҡ. Егет үҙе ауылда тракторист булып эшләгән, Яҙыусылар союзы уны ауылдан килтереп, беҙҙең мәктәптең интернатына урынлаштырған. Быныһы ла бик ҡыуандыра. Ә шиғырҙарын бына яҙып ҡуям. Нур Хәбиров шиғырҙары ТЫУҒАН ИЛЕМӘ Илемде мин әгәр һөймәһәм, Уның өсөн янып-көймәһәм, Ҡыҙғанһам мин дәртле йөрәкте, Ҡыҙғанһам мин эшкә беләкте, – Ни ҡыйыулыҡ менән, арыным, тип, Үләнеңә килеп ятырмын?!. Ниндәй выждан менән, һыуһаным, тип, Һыуҙарыңдың тәмен татырмын? Оялырмын сәскә-гөлөңдән, Иркәләүсе талғын елеңдән: Ниндәй илдәр миңә ил булыр, Тормошомдо ҡорор ер булыр?!. ҒҮМЕРЛЕККӘ ҠАЛҒАН ҠАЙҒЫМ БАР Ғүмерлеккә ҡалған ҡайғым бар, Онотолмай торған ҡайғым бар. Минең менән бергә йөрөргә, Йөрәгемдәй булып ғүмергә Килгән миңә ошо бер ҡайғы, Онотолмай торған бер ҡайғы. Онотолмай торған ҡайғым бар, Ҡалғандары шундай ҡайғылар: Былтырғыһын – быйыл онотам, Быйылғыһын – бөгөн онотам. Тик береһе генә ғүмерлек, Ғүмер буйы бергә йөрөрлөк. Ғүмерлеккә килгән ҡайғым бар, Онотолмай торған ҡайғым бар: Үҙем тыумаҫ элек туҡтаған Батыр йөрәк өсөн ҡайғым бар. ҠУЛДАРЫМ ДА ЭШКӘ БАРМАЙ ТОРҘО Ҡулдарым да эшкә бармай торҙо Һин киткәстен, иркәм-һөйөүем. Тик иҫемдә ҡалды киткән саҡта: «Сабыр итерһең бит?..» тиеүең. Ҡыймай ғына, ләкин теләк менән Әйттем шул саҡ: «Тимәк, китергә... Ярай, – тинем, – тырыш, беҙ йәштәрҙән Халыҡ хаҡлы уңыш көтөргә». Һин уҡыуҙа хәҙер, минән ситтә, Өйрәнәһең баҡса эштәрен. Мин колхозда – эштән ҡайтҡан саҡта Йөҙөм – ҡара, ап-аҡ тештәрем. Ең һыҙғанып эшләр эшем бар, Тир сығарып эшләр эшем бар. Ялға туҡтар өсөн ҡайтып барһам, Һөрөп бөткәс колхоз яланын, «Ҡулдарым да ҡара...» тип тормайса, Сәскәләрҙе өҙөп аламын. Кәрәк булып торор һиңә, тим, Баҡса эшен ул бит һөйә, тим. Ҡулдарым да эшкә бармай торҙо Һин киткәс тә, иркәм-һөйөүем. Тик иҫемдә ҡалды киткән саҡта: «Сабыр итерһең бит?..» тиеүең. Һин ҡәҙерле миңә, халҡыма ла Ҡәҙерлеһең бит, һөйгәнем. Шуға ла мин: «Китмә..» – тимәнем, «Үпкәм булыр һиңә...» – тимәнем. Бына, исмаһам, шиғырҙар! Ни тиклем тәбиғи һәм аҡыллы тойғо был егеттә! Тел ниндәй яғымлы – башҡортса. Бәлки, мин артыҡ ғашиҡтыр?.. Бына тағы ҡыҙҙарҙың егеттәре килде. Ну йөҙәтәләр!.. Лыбыр-лыбыр, лыбыр-лыбыр килеп альбом ҡарайҙар, мәғәнәһеҙ анекдоттар һөйләйҙәр. «Салауат уянмаһа ғына ярар ине», – тип ултырам. Ултырҙым-ултырҙым да түҙмәнем: — Егеттәр! Ғәфү итегеҙ – мин эшләйем, әй, – тинем. — Хәҙер, хәҙер, абый, беҙ китәбеҙ... Абый, имеш! Тапҡандар абый кешене. Үҙҙәренә мыйыҡ-һаҡал сығып бөткән. Аулаҡ эҙләйҙәр... Мин тәмәке тоҡандырып тышҡа сыҡтым. Ә тышта ғәжәп матур яҙ!.. Аяҡ аҫты туңһа ла, ҡар һыуҙары һаман да әле сылтырап ағып ята. Өфө, нисектер, тын да алмай, ошо тәүге ҡар һыуҙарының көмөш йырын тыңлай кеүек. Ай ҙа, туп-тулы булып, бөтә донъяға нурлы ҡоласын йәйгән дә ҡарағусҡыл яҙғы күк балаҫында, йәп-йәш бала кеүек, тәгәрәп ята... Яҙ һулышы күкрәккә дөрөп инә лә, бөтә тәнеңде еңеләйтеп, ниндәйҙер тығыҙ иркенлеккә осороп алып китер һымаҡ... Мин шулай хыялланып тәмәке көйрәтеп бөткәнсе егеттәр ҙә сығып тайҙылар. Мин Гейненың «Лирик интермеццо»һына сумдым. Үҙемдең шиғырҙар өҫтөндә ултыра алмаһам, мин тәржемәгә тотона торғайным. Хәҙер ҙә шул элекке ғәҙәтте эшкә егергә булдым. Илһам эшкә тотонғас та килә... Ҙур шағирҙың донъяһына инеү һинең дә йоҡлап ятҡан хистәреңде уята. Мин үҙ шиғырҙарын яҙа алмаған саҡта һәр бер кешегә тәржемә итергә кәңәш бирер инем. Тик был, кәңәште һуңғы ваҡытта үҙем дә тотмай килдем. Ә ғүмер үтә!.. Ах, ғүмер!.. Һинең ебеп ятыуыңды көтөп тормай шул ул – бына шул төн мәлендә лә сылтырап аҡҡан яҙғы ҡар һыуҙары кеүек, аға ла аға. Нисек итеп уны тотоп тораһың инде. Ул һинең ихтыярыңда түгел – һин тик үҙ ихтыярыңды уға буйһондора ғына алаһың!.. Ә шулай ҙа һүлпәнлек көслө, күрә тороп эшләмәйһең. Юҡ, былай эш сыҡмай. Көн һайын яҙырға, бер-ике юл ғына булһа ла яҙырға кәрәк!.. 11 апрель. Көн ҡояшлы булһа ла, нисектер һалҡынса әле көн. Шулай ҙа үҙенекен итә – иретә. Ҡоштар сутылдаша. Ҡолаҡҡа беснәк тауышы ла, һабан турғайының да, сыйырсыҡ тауыштары ла килгән кеүек. Ләкин береһен дә күрмәйем. Тирәктәрҙең яланғас ботаҡтарында уҡмашып торған ҡарға оялары тирәһендә ҡарғаларҙың зыҡ ҡубышып шаулауҙары ғына асыҡ ишетелә. Тауыштары көр, ҡарлыҡмағандар әле... Шуларҙы булһа ла тыңлап барыу өсөн автобусҡа ултырмайынса, нәшриәткә йәйәүләп йөрөйөм. Өйҙән ашығып сығам да, урамда иркенләп барам... Тиҙҙән инде ағастар ултырта башларҙар. Ә мин ҡайҙа, кем баҡсаһына ултыртайым?.. Кешеләр һаҡлап үҫтерәме һуң инде?... Интернат баҡсаһында мин ултыртҡан ағастарҙан ни бары бер ҡарама ғына тороп ҡалған. Ул да әле иҫән микән? Барып ҡарағаным юҡ әле. Минең рәхәтләнеп баҡсала эшләйһем килә. Ләкин был хәҙергә тик хыял ғына! Үҙемә түгел, сыйырсыҡҡа ла оя ҡороп булмай бит, исмаһам!.. Тиҙҙән сыйырсыҡтар ҙа килеп етер инде. Баштан бер шиғыр сыҡмай йөрөй: Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ! Ояңдан осоп сыҡ! Ләкин ҡалған юлдары шәп түгел. Сыйырсыҡтың башҡа ҡоштар моңон ни тиклем оҫта башҡарыусы булыуын бик матур итеп һүрәтләргә ине. Күпме телдәрҙе белә сыйырсыҡ! Ә һуң уның үҙ теле бармы? Бына быныһы ғәжәп бер һорау!.. Быны нисек хәл итергә? Бөтә телдәрҙе белеүсе лингвист, ә үҙенең туған теле лә юҡ булып сыҡмай түгелме һуң әле был? Юҡ, сыйырсыҡ лингвист түгел, ул иң яҡшы музыкант – башҡарыусы! Кисәге мин дә шул сыйырсыҡ кеүек, үҙ тауышым булмағас, Гейне теле менән һайрап ултырҙым. Ләкин мин яҡшы башҡарыусы түгел кеүек. Нисектер ябайлаштырам һәм бик үҙемсә килеп сыға. Тимәк, минең ҡайҙалыр төптә үҙ тауышым бар!.. Гейне Вейнберг тәржемәһендә былай: В чудеснейшем месяце мае Все почки раскрылись вновь, И тут в молодом моем сердце Впервые проснулась любовь. В чудеснейшем месяце мае Все птицы запели в лесах, И тут я ей сделал признанье В желаньях моих и мечтах. Ә минең тәржемәлә ул бына нисек килеп сыҡты: Ғәжәп матур май айында Япраҡ ярҙы ҡарт тирәк. Бына шул саҡ йоҡоһонан Уянды минең йөрәк. Ғәжәп матур май айында Урман йырға төрөндө. Бына шул саҡ астым уға Бөтә йөрәк серемде. Ләкин тәржемәнән ҡәнәғәт түгелмен. Бик ябай килеп сыҡты. Был Гейнены асыу түгел – үҙемде ҡабатлау. Бигерәк тә «ҡарт тирәк» кәрәкмәй. Был «йөрәк» өсөн генә рифма булды. Улай тиһәң, «вновь» менән «любовь» һәр бер рус шағирының рифмаһы бит? Моғайын, Гейненың үҙендә был юҡтыр? Немецса уҡыйһы ине. Жәлил Кейекбайға Гейнеһын һорап барырға тура килер, ахыры. Нисектер мин Вейнбергҡа ышанып етмәйем. Улар ҡол кеүек тоғро булһа ла, был тик тышҡы тоғролоҡ: ҡол тоғролоғо! Ә Лермонтов менән Блок, Гейненың көндәштәре булһа ла, улар шағирға эстән тоғрораҡ була. Жуковскийҙың был хаҡтағы фекере бик дөрөҫ! Шағир шағирға көндәш булһа ла, шағир шағир күңелен нығыраҡ тоя, нығыраҡ аңлай. Ә ҡол шағир өсөн алыҫ, ул тик уның һүҙҙәрен генә ишетә, ә һүҙҙең мәғәнәһен, эске фекерен бөтә йөрәге менән тоя белмәй. Сөнки ул көнләшмәй шағирҙан. Ә көнләшмәгәс, яратыу ҙа бик һалҡындыр ул! Юҡ, Гейненың үҙен уҡып ҡарарға, белергә кәрәк был серҙе! Бына инде илһам да тыуып килә, буғай. Ҡулың эшкә тотонһа, эштең илһамы – үҙеңдә!.. Бына был фекер Чайковскийса, исмаһам!.. 12 апрель. Кәйеф шәп бөгөн! Әллә ни эш ҡырмаһам да, нисектер күтәренке күңел менән йөрөнөм. Иртән эшкә барғанда ҡырынып сыҡтым. Нәшриәткә барып инеүгә Василий Андреевич Гейненың «Йырҙар китабы»н килтереп ҡуйған. Мин үҙемдең бөгөн төндә Гейне менән ултырыуымды һөйләп, тәржемә тураһында һүҙ сығып китте. Күп тә үтмәне, Нур Хәбиров килеп сыҡты. Уның менән тәүге ҡабат икәүҙән-икәү һөйләшеп, был егеттең үҙен дә бик оҡшаттым. Ғәжәп аҡыллы, тыйнаҡ егет. Беҙҙең мәктәптә уҡый. Минең «Йәшлек»те дауам итә икән унда. Яҙғы каникул ваҡытында ауылда булып, яңы шиғырҙар яҙып килгән. Шиғырҙары – үҙенсә, яҡшы! Тик «бында яҙып булмай», ти, математиканан зарлана. Шиғырҙарын уҡып, үҙенең шиғырға булған ҡараштары менән дә таныштым. Ғәжәп һиҙгер, шул уҡ ваҡытта бик талапсан да. Был егеттән эш сығасаҡ. Тик ярҙам итергә, ниндәй китаптар уҡырға кәрәклеген әйтергә, ғөмүмән, әҙәбиәт тураһында бик яҡшылап һөйләшеп ултырырға ине! Ул быға бик риза булды. Журналдарҙы (элек мин сығарған ҡулъяҙма журналдарҙы, шулай уҡ минән һуң сыҡҡандарын да) алып килергә һөйләшһәк тә, нишләптер, ул килмәне. Мин уны көтөп, бәрәңге бешереп йөрөгәндә ҡыҙы Гүзәл менән Марат килеп керҙе. Салауат тәүҙә Гүзәлдән ятһынды, аҙаҡ өйрәнеп китте. Рәхәтләнеп уйнарға керештеләр. Бала бала кешегә ни тиклем эҫе! Ә беҙ, ололар, һис тә уларға оҡшамағанбыҙ. Уйнап-көлөп ултыраһы урынға әллә ниндәй донъя ваҡлыҡтары тураһында, ялыҡтырғыс шиғырҙар тураһында, тормошто нисек итеп юлға һалыу тураһында теләр-теләмәҫ кенә һөйләшәбеҙ. Ғәжәп: Маратҡа булған ҡарашым үҙгәрҙе. Бөтә йөрәктән һөйләшеп булмай. Быға иң беренсе сәбәп – уның ни өсөндөр татарса һөйләшә башлауы. Был мине һүрелдерҙе лә ҡуйҙы. Сөнки элек ул минең менән дә, башҡалар менән дә башҡортса һөйләшә ине. Һәм был бик тәбиғи булып, уның нисек һөйләшеүе тураһында уйлап та ҡарағаным булманы. Ә хәҙер күрешеп һөйләшкән һайын мин быға иғтибар итмәйенсә ҡала алмайым. Был хаҡта уның үҙенә әйтеү нисектер уңайһыҙ – хәтере ҡалып ҡуйыуы мөмкин. Шаярып та әйтеп булмай. Сөнки бер ҡабат Рафаэль, Марат, мин – өсәүләп – Матросов баҡсаһында һыра эсеп, бик яҡшылап ҡына һөйләшеп ултырғанда ул Рафаэлдең шаяртып әйткән бер һүҙенә ҡапыл хәтере ҡалып, беҙҙе ташлап сығып киткәйне. Беҙ бик аптырашта ҡалдыҡ, бына шунан бирле, бер ауыҙ бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп кенә эсергә тура килә!.. Рафаэль был хәлде бик ауыр кисерҙе. Ләкин ул да, мин дә бының сәбәбенә төшөнә алманыҡ. Ә был хәл миндә ниндәйҙер бер күңелһеҙ эҙ ҡалдырҙы. Шунан һуң беҙгә өсәүләп бик күп ваҡыт бергә булырға, тура килгәндә, уйнап һөйләшһәк тә, уйлап һис бер нәмәгә шикләнмәйенсә, асыҡтан-асыҡ, балаларса йәки дуҫтарса һөйләшеү түгел. Бөтә күңелеңде асып һөйләшеп булмай икән, кешеләр нисек кенә яҡын булмаһындар, барыбер үҙ-ара иң яҡын дуҫтар була алмайҙарҙыр. Ә беҙ – дуҫтар! Маратҡа минең хөрмәтем ҙур, шиғырҙарына ла ҙур хөрмәт менән ҡарайым, уны йәштәр араһында иң талантлы шағирҙарҙан иҫәпләйем, ләкин... бөтә күңелдән яратып етә алмайым. Бының өсөн минең үҙемә лә уңайһыҙ. Әйтерһең, мин уның алдында ниндәйҙер бер ғәйепле кеше!.. Уның менән, Рафаэль кеүек, һуғыша яҙып бәхәсләшеп тә булмай. Тимәк, миңә һәр саҡ «аҡыллы кеше» генә булып ҡалырға тура килә. Ә һәр саҡ «аҡыллы» булыу ул үҙе бер ахмаҡлыҡ! (Бына һиңә бер афоризм!) һәр саҡ «аҡыллы» булыу ялҡыта. Шуның өсөн дә беҙҙең ҡайһы бер күрешеүҙәр бер-береһен яратмаған бер туған кешеләрҙең күрешеүе кеүек. Күрешмәҫ инек, бер туған булғас, һағынмағанда ла күрешергә кәрәк. Беҙ бөгөн бына шулай ултырҙыҡ. Балаларҙы уйнаттыҡ, бәрәңге ашаныҡ, сәй эстек. Тамаҡ туйҙы, күңел туйманы. Күңелдә әйтелмәгән һүҙҙәр, уртаҡ ителмәгән хистәр... Ә үҙебеҙ бер әсәнән тыуған туғандар кеүекбеҙ. Кәрәк булғанда, бер-беребеҙгә ярҙам итешергә лә мөмкин, бер-беребеҙҙең йөгөн күтәрешергә лә мөмкин, бер кейемде кейергә лә мөмкин. Ә йөрәкте уртаҡ итеү мөмкин түгел! Ғәжәп күренеш!.. Беҙгәме һуң шулай булырға?!. Ләкин шулай булмайынса сараң да юҡ... Сара тигәндәй, уның ҡатыны ла бер... Сара! Марат менән Сараны... бергә күҙ алдына килтереү ауыр булды. Был берәй төрлө махинациялыр, тип уйланыҡ. Юҡ, Марат өйләнмәгәндер, уны өйләндергәндәрҙер! Алғушай ахмаҡ башҡоҙа быларҙың бөтә эшен боҙа!.. Көлөрһөңмө, иларһыңмы? Беҙ көлә лә алманыҡ – көлөү мөмкин түгел ине. Марат, шулай итеп, Сараға өйләнде, һәм улар бер-береһенә бала менән бәйләнде. Бер-береңә мөхәббәт менән бәйләнмәгән яҙмыштан да ауыр ни булырға мөмкин һуң? Шағирҙың күңел ҡошо тар донъя ситлегенә шулай бикләнәлер инде? Был ситлектә берҙән-бер йыуаныс – бала! Мараттың бөтә яратыуы балаға күсте. Яңғыҙлыҡтан киләлер был артыҡ яратыу. Бер кем менән бүленмәгән хистәрҙе йөрәктә тотоп тороу мөмкин түгел бит. Уны кемгә булһа ла түгергә кәрәк. Бала күңеле иркен һәм уға бөтә хистәреңде бушатырға мөмкин. Ләкин бала ул хистәргә яуап бирә алмай. Тимәк, был хистәр күңелдәге бөтә хистәрҙе лә үҫтерә алмай. Был кешенең донъяһын тарайта, ҡыҫа, йәберләй. Тышҡы донъянан алған ҙур тойғолар был бәләкәй генә бер яҡлы эске донъяға һыймай. Кешенең эске донъяһы тышҡы донъя менән килешә алмай башлай. Ул үҙ-үҙе менән дә, тышҡы донъя менән дә ҡәнәғәтһеҙ булырға мәжбүр. Донъяның шатлыҡтары ла ҡайғыға әйләнә. Яҡтылыҡ та ҡараңғы булып күренә!.. Марат үҙе бөгөн: — Стеналарҙы аҡлап ташланыҡ әле, – тигән була. Белмәйем, бының менән генә бүлмәлә яҡты булып китерме икән? Булмаҫтыр. Уларға барып инһәң, нисектер тығыҙ, уңайһыҙ, бөркөү. Тиҙерәк тышҡа сығып китәһең килә. Был бүлмәлә мин шиғыр уҡығаным юҡ, шиғыр тураһында һөйләшә лә алмайым. Сара йыш ҡына: — Мараттың шиғырҙары нисек? – тип һорай. Мин ҡаушап ҡалам, ни тип әйтергә лә белмәйем. Ә уның, әлбиттә, «бик яҡшы» тигән һүҙҙе ишеткеһе килә. Мин беләм: ул үҙенең ирен гений итеп, ә үҙен гений ҡатыны итеп иҫәпләй... Бына минең Надя ла мәктәптән ҡайтты. Күҙҙәре балҡый. — Мин бөгөн физиканан яуап бирҙем! – ти. — Нисек яуап бирҙең һуң? — Яҡшылыр, белмәйем. Ә үҙе шат һәм үҙенән яҙ еҫе аңҡый. Миңә уның яҙ һулышы менән ҡайтып кереүе рәхәт. Физиканан яҡшы билдәһен дә мин үҙем алған кеүекмен. — Теге шағирың килмәнеме? (Нур тураһында һорай инде.) — Юҡ, Марат килде. Бына уның тураһында яҙып ултырам әле. — Яҙаһың, ә минең турала яҙмайһыңмы ни? – тип шаярыу ҡатыш үпкәләгән була. Ә мин уға: — Һинең турала йөрәккә генә яҙам, – тип әйткем килә. Ләкин мин былай шаяра белмәйем. Марат үҙен «мин бит артист», ти. Ә мин, күрәһең, артист була алмайым... 13 апрель. Әле генә «Октябрь»ҙә «Ике океандың сере» тигән картинаны ҡарап ҡайттым. Бөтөнләй икенсе төрлө донъя! Ҡайһы бер кешеләр «әбекәй әкиәте», тип ултырған булалар. Ә миңә был бик матур донъя! Нисектер бала саҡты, Жюль Вернды хәтерләтә. «Серле утрау», «Һикһән мең саҡрым һыу аҫтынан» китаптарының фантазияларына сумған кеүек булаһың. Ә океан ғәжәп матур төшөрөлгән, шулай уҡ диңгеҙҙәге хайуан-үҫемлек донъяһы ла бик ҡыҙыҡ. Кеше характерҙары ла бик бай. Тиҙерәк икенсе серияһын ҡарайһы килә. Бөгөн бер ни ҙә эшләп булманы. Нур Хәбировтың шиғырҙарын машинкала баҫтырып алдым да Зөфәр менән бер аҙ бәхәсләшеп алдыҡ. — Бер тирәлә уранҡылай, – ти Зөфәр. Ә минеңсә, тирә-яҡҡа ташланыуҙан да мәғәнә юҡ. Ул бик тәбиғи үҫә. Тора-бара киңәйер. Бер кем дә тәүге шиғырҙары менән донъя проблемаларын хәл итмәгән. Нурҙың шиғырҙарын Василий Андреевичҡа ла тәржемә итеп уҡыным. Уға ла был шиғырҙар бик оҡшай. Тәржемә итәсәкмен, ти. Мин подстрочниктар яһап бирергә булдым. Бынан һуң Афзал Ҡудаш килде. Кисә лә бик күп ваҡытты алды ул. Мәжит Ғафуриҙың ҡулъяҙмаларын һатырға йөрөй. Институттың аҡсаһы юҡлыҡтан беҙгә ебәргәндәр. Ә беҙҙә ундай «Һатып алыу законы» юҡ икән. Ләкин Ғафуриҙың VI томына был яҙмаларҙы индерергә кәрәк. Директор уларҙы миңә уҡытып, заключение яҙырға ҡушҡан. Кисәге Афзал Ҡудаш шуларҙы уҡып ултырҙы. Ғәлимйән Ибраһимов сығарған 1917 йылдың февраленән һуңғы «Ирек» газетаһында М. Ғафуриҙың «Тәүге аҙымдар» тигән мәҡәләһе бар. Ә газетаның был номеры бер ҡайҙа ла юҡ, Ҡудаш уны: «Миндә генә бар», – ти. Унан һуң Ғафуриҙың 1921 йылғы аслыҡ тураһында яҙған иҫтәлектәре лә бик ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ Ҡазандағы бер профессор ҡатынына яҙған хаты ла кәрәкле буласаҡ. Бынан башҡа Афзал Ҡудашта М. Ғафуриҙың 1919 йылдарҙа яҙған һигеҙ шиғыры һаҡлана икән. Улар бер ҡайҙа ла баҫылмаған, М. Ғафуриҙың тулы йыйынтығына ла индерелмәй ҡалған. Ә Ҡудаш уларҙы, бесән өҫтөндәге эт кеүек, институтҡа ла бирмәй. Үҙе лә йүнен таба алмай йөрөй. «Нисек итеп мин уларҙы егерме ике йыл һаҡлап, бушҡа бирәйем? Мин уларҙы тағы егерме ике йыл һаҡлармын, ләкин бер кемгә лә бирмәм! Ҡазанда Туҡай менән төп башына ултыртҡандары ла етер...» Был һүҙҙәрен ул шундай оятһыҙ бер маҡтаныу менән һөйләй, мин хатта уның, һөйәгенә тире йәбешеп, архив ҡағыҙы кеүек һарғайып бөткән бысраҡ йөҙөнә күҙҙәренән ут сәсрәткәнсе һуғып ебәргем килә... Ни тиклем меҫкен, ни тиклем түбән, ни тиклем намыҫһыҙ был кеше! Уның йөҙөнә ҡарау ҙа ҡурҡыныс: ул үҙенең кешелек намыҫын ғына түгел, хатта кеше йөҙөн дә юғалтҡан. Күҙҙәре эскә батып, ниндәйҙер йәнһеҙ бер ялҡын менән секерәйеп ҡарап торалар. Уң яҡ күҙенең ҡабаҡтары тартылып, күҙ ағы нисектер һыңар күҙен ағырайтып тора. Күҙ ҡарашы мәйеттеке кеүек ҡатып ҡалған – ауыр. Мин уның «бына һүнәм, бына һүнәм, аҡса бирһәгеҙ генә яҡтырып китермен» тип торған был меҫкен күҙҙәренә ҡарағанда бөтә тәнем сымырҙап китә. Ул тәүҙә миндә ҡыҙғаныу тыуҙырҙы, ә шул һүҙҙәрен ниндәйҙер таш йылмайыу менән һөйәк ҡулдарын һелтәй-һелтәй һөйләгәндән һуң, тик ерәнеү тойғоһо ғына ҡалдырҙы. Мин уға үҙемдә бер ҡасан да булмаған һалҡын бер нәфрәт менән ҡарап әйтәһе һүҙҙәремде әйттем: — Һеҙ, ағай, нисек итеп Ғафуриҙы шулай һатырға йөрөйһөгөҙ? Һеҙ бит әҙәбиәтсе! Етмәһә, үҙегеҙҙе иҫкәрмәләрегеҙҙә филология фәндәре кандидаты тип атайһығыҙ. Һеҙҙә бит аҙ ғына булһа ла Ғафуриға, үҙегеҙгә, фәнгә хөрмәт булырға тейеш инде? — Бына шуның өсөн дә мин уның яҙмаларын егерме ике йыл һаҡлап киләм бит! — Юҡ, ағай, һеҙ уларҙы халыҡтан йәшереп кенә киләһегеҙ! — Минән бит һорамайҙар?!. — Һеҙҙән дә һорап тороу кәрәкме инде? — Кәрәк шул. Мин все же Ғафури өҫтөндә байтаҡ ултырған кеше. — Ярай, ултырыуығыҙ яҡшы. Әгәр ҙә берәй төрлө мөғжизә булып, Ғафури ҡәберенән бер минутҡа ғына сыға алһа, был күренеште күреп, рәхмәт әйтмәҫ ине һеҙгә!.. — Юҡ, Ғарипов туған, һеҙ йәштәр әле, бер ни ҙә белмәйһегеҙ. — Бәлки, шулайҙыр ҙа. Тик бындай хәлде белмәү хәйерлерәк. Беҙ йәштәргә был бер ғибрәт булһын. Ҡудаш һарғайып бөткән ҙур тештәрен ыржайтып, ҡара янған ирендәрен йыйырып ҡуя. Ләкин йылмайыу ҡиәфәте барып сыҡмай. Миң уға Муса Йәлил шиғырҙарын үлем эсенән, ут-ҡылыс аҫтынан алып сығып, үҙенең был эше өсөн бер ни ҙә талап итмәгән белгиец Андре Тиммермане тураһында әйткәс, ул быға ла яуап тапты: — Совет илендә ундай түләмәҫкә тигән закон юҡ. — Закон һеҙҙең намыҫығыҙҙа! – тинем мин, һәм башҡаса һөйләп тороу урынһыҙ ине. Мин өндәшмәнем. Был күренеш минең күңелде таш кеүек итте. Иҫем-аҡылым китеп ултырҙым. Был «эшкә» тығылмаҫҡа булып, бөтәһен дә Василий Андреевичҡа тапшырҙым. Ул бухгалтерия менән, институт менән һөйләшеп, ҡулъяҙмаларҙың копияһын һатып алырға булдылар. Сөнки Ҡудаш оригиналдарын бирмәй. Уларын, күрәһең, Ҡазанға һатырға уйлайҙыр... Башы эшләй тәнҡитсенең!.. Ҡудаш сығып киткәс, Зөфәр уны тәүҙә яҡлап маташты. — Кеше сараһыҙҙан йөрөй инде, – ти. Ләкин мин уның был фекерен пыр туҙҙырып ташланым. — Ғафуриҙың ҡәбере өҫтөндә һатыу итеү – оят. Бының әҙәбиәтсе намыҫы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ һ. б. Коридорға сығып, Найман, Зөфәр, мин – өсәүләп, оҙаҡ ҡына һөйләштек. Һүҙ Сәйфи Ҡудашҡа күсеп китте. Зөфәр уның тураһында ҡот осҡос нәмәләр һөйләне. Әгәр ҙә былар ысын булһа, Сәйфи Ҡудаштың ҡулдары бик ҡанлы!.. Имай Насыри, Булат Ишемғолдарҙы ул һәләк иткән булып сыға. Ә хәҙер башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теленең яҙмышы өсөн ҡайғырыусы кеше һүрәтенә инеп, бысраҡ эҙҙәрен юйырға маташа, үҙе һәләк иткән кешеләр тураһында мемуар китабы яҙа, партия һәм тыуған ил, халыҡтар дуҫлығы һәм шағирҙар дуҫлығы тураһында шиғырҙар рифмалай. Кешелек, намыҫ, тоғролоҡ тураһында матур һүҙҙәр һөйләй. Ә үҙе... Ярай инде, бәлки, былар дөрөҫ тә түгелдер. Ләкин уны яҡшы белгән кешеләрҙән уның тураһында яҡшы фекер ишетеп булмай. Ғәжәп бер тип был! Ишетеп белгәндәрҙән ул Тартюф менән Иудушка Головлев кеүек һәм Клим Самгиндың бер игеҙәге булырға оҡшай. Тыуған ауылы Келәштә уны яратмайҙар, тиҙәр. Был кеше мине бик ҡыҙыҡһындыра. Ә Мостай Кәримдең уға яҡын булыуы мине ғәжәпкә ҡалдыра. Кешеләр иҫ киткес ҡатмарлы, иҫ киткес буталсыҡ. Юҡ, мин уларҙы аңлау, үҙ-үҙемә асыу өсөн проза яҙмайынса булдыра алмаҫмын, ахыры!.. Бына Ф. М.-да аптыратты мине бөгөн. «Йәш көстәр»гә егермеләп шиғырҙары араһынан алты шиғырын һайлап алдым да үҙе менән телефон аша һөйләштем. Зөфәр уны альманахҡа индермәгән: — Ҡартайып бөткәнсе яҙа алмағас, инде нисек уны йәштәр араһына ҡыҫтыраһың? – ти. Ләкин мин ризалашманым. Кешегә былай ҡарау бик тупаҫ кеүек. Сөнки Ф. яҙа, көн һайын яҙа, яҙмайынса тора алмай. Бәлки, эш сығып ҡуйыу мөмкин. Әҙәбиәт тә бик ҡатмарлы бит. «Поэзия – езда в незнаемое!» – тигән Маяковский. Аксаков ҡартайып бөткәс яҙа башлаған. Шуның өсөн мин Ф.-ны индерергә булдым. Шиғырҙары йомшаҡ булһа ла, бәлки, дәртләнеп китер тип уйланым. Һәм ул бына, мин эштән сығыуға, бик ашҡынып килеп инде. Мин Рафаэлгә бөгөн сыҡҡан шиғырҙарын һалып, ун көн буйы кеҫәлә йөрөткән хатты яҙып бөтөрөп, почтаға инеп сығырға йыйына инем. Ф. мине һыра менән һыйларға итә. Ә миңә был нисектер уңайһыҙ. Ләкин кешенең һүҙен нисек йығаһың инде? Редакцияға киттек. Ә һыра бөткән. Ашханаға индек. Унда халыҡ күп. Ф. үҙҙәренә саҡыра. Мин бармай ҡарышам. Ул, берәй яртыны алайыҡ та һеҙгә барайыҡ улай булғас, ти. Мин юҡ тип торайыммы? Киттек. Ә үҙем эстән шул тиклем риза түгел. Эсәһем дә, Ф. менән ултыраһым да килмәй. Башҡа бер бәлә булды был. Үҙе редакция кешеләренә күренмәҫкә тырыша. Был да минең күңелде бутай. Теләр-теләмәҫ кенә ямғыр һибәләй, ә беҙ теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп киләбеҙ. Тәбиғәт тә кеше күңеленә яраҡлашып тора бит. Аяҡ аҫтындағы бысраҡ һыуҙар ҙа минең күңелгә тула кеүек. Күңелдә ниндәйҙер болғансыҡ. Ф. миңә берәй тоҡ бәрәңге барып алырға тәҡдим итә: — Һин әллә нимә уйлап ҡуйма тағын, мин һиңә ысын күңелдән әйтәм: ал әйҙә, минеке барыбер артып ҡала. Үҙем дә кис ҡорон килтерешеп ҡуйырмын, – ти. Мин үҙемде урлашып тотолған кеше кеүек хис итәм. Ләкин уның күңелен ҡырмаҫ өсөн, үҙемдең күңелде ҡырған нәмәне әйтә алмай ғазапланып киләм. Шиғырҙар һәм бәрәңге!.. Ғәйнан Әмиригә бер ваҡыт Зәки Ишморатов шиғырҙарын баҫтырыу өсөн ҡаҙ тотоп килгән икән. Ғәйнан ағай уны ҡыуып сығарған. Ә миңә бына ни хәл итергә? Ф. мунса япрағы кеүек йәбеште бит!.. Магазинға инеп, вино алып сығыуға ҡатыны менән И. баҫып тора. Уны күреүгә минең күңел тағы ла болғанып китте. Сөнки И. алама ҡатын кеүек, ғәйбәтсе бер кеше. Бер көн минең Рафаэль менән телефон аша һөйләшкәнде М. уға ҡайтып һөйләгән дә, тегеһе уны Әхмәтшингә барып еткерә һалған. Ә Ғабдулла ағай миңә үпкәләй. Сөнки Рафаэль шиғырҙары тураһында һорашҡас, мин уға: — Баҫылмай әле. Әхмәтшин психбольницала ята, унда эштең ата-инәһе юҡ бит, – тигәйнем. Шул һүҙ барып та еткән. М. менән бергә эшләйбеҙ. Ул бөгөн минең Зөфәр менән һөйләшкәнде лә ишетеп торҙо. «Әһә, Ф.-ның шиғырҙары бына ни өсөн яҡлана икән» тип, тағы ғәйбәт сығарыуҙары мөмкин. Сөнки И. һәр саҡ миңә үпкәләп йөрөй. «Һин үҙеңдең дуҫтарың булғанға Рафаэль менән Мараттың шиғырҙарын баҫтыраһың, ә минекен И. булған өсөн генә баҫтырмайһың». Хәҙер ул Ф.-ны ла минең дуҫым итеүе мөмкин. Унда ниндәйҙер сыщик сифаттары бар. Ул Ф.-ны тотоп алды ла юҡ һүҙен бар итеп, бәйләнергә тотондо, ә тегеһе, нисектер аҡланырға тырышҡан һымаҡ: — Һине столовыйҙа күрҙек. Бик шәп итеп ултыра инегеҙ, – ти. Мин тамам йөҙәнем дә: — Әйҙә инде, әйҙә, – тип алып китеп барҙым. [...] Надя өйҙә юҡ ине. Ф. минең шиғырҙарҙы маҡтарға тотондо. Минең асыу килә, күңел болғана. Ярай әле Надя ҡайтып керҙе. Салауат менән бергә мине ҡаршыларға барғандар икән. Өсәүләп ултырҙыҡ. Ф. миңә элек һөйләгән нәмәләрен ҡабатлап һөйләй. Мин бер аҙ бүлдермәй ултырҙым да түҙмәнем: — Һин һөйләгәйнең уларҙы, Ф., – тигәс, ул башҡа нәмәләргә күсте. Саҡ ҡотолдом... Фу, шуны яҙып күпме ваҡытты әрәм иттем инде... Сәғәт 4-се ярты!.. Тышта томан. Башта ла томан. Әтәстәр ҡысҡыра. Өй ҡыйыҡтарынан тамсы тама. Ҡар ирей. Гөрләүектәр шаулап ята. Тиҙерәк көндәр йылытып, май килеп етһә ине. Иртән нәшриәт йортон ҡарҙан таҙартырға барыр кәрәк. Йоҡлап ҡалмаһам ярар ине!.. Оҙаҡ ултырылып ҡуйылған. 14 апрель. Иртән бөтә ерҙе аҡһыл томан ҡаплап алған. Мин зарядка яһап алдым да сәй эсеп нәшриәткә киттем. Бөтә Өфө ҡар көрәргә сыҡҡан. Мәктәптәр тирәһендә балалар, учреждениелар тирәһендә йәштәр, ҡарттар ең һыҙғанып эшкә тотонғандар. Урамдар күңелле, шау-шыу килеп тора. Мин барып ингәндә завхоз менән сторож ғына көтөп ултыра. — Әйҙә, көтөп ултырғансы, башлай торайыҡ, – тинем мин. Көрәк-лом алып тышҡа сыҡтыҡ. Башҡалар ҙа килеп етте. Байтаҡ боҙ аҡтарып ташланыҡ. Мин ҡара тиргә төштөм. Ләкин бөтә тән рәхәтләнеп ҡалды. Бергә эшләү күңелле. Эштән һуң Василий Андреевич менән китап магазинына инеп сыҡтыҡ. «Калевала» һатыла! В. А. һатып алды. Ә минең аҡса юҡ. Ул да ҡарайым тип кенә ҡулына алғайны, алмайынса булдыра алманы. Китап күрһә, ул да минең кеүек икән – икебеҙ ҙә бер ауырыу менән ауырыйбыҙ! Надяға ҡайтып әйттем. Ул миңә, матур уйынсыҡ күреп ҡайтҡан балаға ҡараған кеүек ҡарап, башын сайҡап йылмая. Ләкин аҡса юҡ икәнлеген икебеҙ ҙә беләбеҙ шул. Аҡса булғанда Надя миңә ҡаршы килә алмай. Шулай ҙа кәйеф күтәренке, йөрәк ашҡынып, шиғырҙар өҫтөндә ултыраһы килеп тора. Надя мине яңғыҙ ғына ҡалдырырға ашығып, Салауат менән ҡалаға сығып китте. Башҡортостан тураһындағы циклға – «Йөрәгем»ә тотондом. Ләкин, бик дәртләнеп кенә эшкә башлағанда, Марат килеп инде лә бөтә кәйеф ҡырылды, бөтә дәрт һүнде. Минең иң ҡәҙерле, иң яҡты минуттарым юҡҡа сыҡты. Был ваҡытты мин аҙналар буйы көтөп йөрөйөм бит. Бер һүҙ ҙә һөйләшкем, бер кемде лә күргем килмәй. — Оһо, шиғырҙарға тотондоңмо? — Эйе, шиғырҙарға... Марат минең яҙған-һыҙған юлдарҙы уҡып сыҡты ла: — Ҡайҙан алаһың шундай яҡшы дәфтәрҙәрҙе һин? – ти. Ә мин нишләргә лә белмәйенсә, шартлар сиккә етеп ултырам. — Кәрәк булһа, табаһың инде уны, – тигән булам. Уның артынса Сара ла килеп инде. Уларҙы Надя эйәртеп килтергән икән. Уға ла асыу килә. Мәғәнәһеҙ, кәрәкһеҙ, буш нәмәләр тураһында һөйләшеү башланды. — Беләһеңме, Рәми, Надя миңә нимә тине? – ти Сара. — Нимә тине һуң? Ул, бик ҙур сер әйтергә йыйынған кеүек, миңә ниндәйҙер мәғәнәһеҙ бер ҡараш менән ҡарап алды ла көлөп ебәрҙе: — Әйтәйемме? — Әйт әйҙә. Ул тағы ла көлдө. Был көлөү минең йәнгә тейә – тоҙ һибә. — Надя миңә: «Һинең әсең минекенән ҙурыраҡ», – ти!.. Бына һиңә бер һүҙ! Минең уға: «Ахмаҡ!» – тип ҡысҡырып ебәргем килде. Баш ауырта башланы хатта. Улар ҡайтып киткәс, Надяға: — Ниңә шуларҙы эйәртеп килдең инде? Белеп тораһың бит – мин яҙырға ултырып ҡалдым!.. – тинем. — Нишләйһең инде, мин уларға әйттем, ләкин «килмәгеҙ» тип әйтеп булмай ҙа?.. — Их, булһа ине бер үҙем һыйырлыҡ ҡына бүлмә!.. Ахыры, мин йәйгә сыҡмайынса, иркенләп ултыра алмам, – тип койкаға барып яттым. Баш һыҙлай. Шул тиклем үкендергес, шул тиклем йәл миңә ваҡытым!.. Бөтә донъяға асыуым килә, бер дүрт-биш сәғәткә генә юғалып тораһым килә унан. Яҙам ғына тигәндә – яҙып булмай бит! Етмәһә, ҡыҙҙары ла шунда, йомортҡа баҫҡан ҡаҙҙар кеүек, өйҙән сыҡмай ултыралар... Нишләргә? Ҡайҙан берәй аулаҡ урын табырға? Нәшриәткә барып ултырһаң? Киттем. Ләкин кәйеф юҡ. Исмаһам, көндәлеккә шул ғазаптарҙы яҙып ҡуяйым тип, бына шуларҙы яҙып ҡуйҙым. Әллә мин һуңғы ваҡытта бик арыным? Әллә яҙыу өсөн һыуһау миңә шулай яңғыҙ булырға ҡуша? Иң теләгән нәмәм, иң ҙур хыялым, иң көткән сәғәттәрем – яңғыҙ ҡалыу! Юҡ бит шунда бер бәләкәй генә бүлмәң!.. Нисек итеп бикләнеп, рәхәтләнеп яҙып ултырырға? Шунан да ҙур теләгем юҡ кеүек. Был хәлде нисек итеп кисереүемде хатта яҙып аңлатыуы ла мөмкин түгел!.. Быны тик үҙ башынан үҙе шулай кисергән кеше генә аңларға мөмкин. Мин Лев Толстойҙың, ҙур-ҙур бүлмәләре була тороп та, ни өсөн подвалдағы бер складта яҙып ултырыуын бик ныҡ аңлайым үҙем. Пушкин был эште «тайный труд» тип бик дөрөҫ әйткән. Башҡа һүҙ менән әйтеп тә булмай уны. Яҙыу, ысынлап та, иң йәшерен, иң серле, иң интим хеҙмәт. Тик был үҙҙәре яҙмаған кешеләр өсөн генә билгеһеҙ. Мин, өйҙәгеләр йоҡлап бөтмәйенсә, шиғыр түгел, хатта хат та яҙа алмайым. Ни тиклем ғазаплы был эш! Ләкин һинең өсөн шул яҙыу ғазабынан да ләззәтлерәк нәмә юҡ донъяла!.. Балалар өсөн тәүге шиғырым: Сыйырсыҡ Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ! Ояңдан осоп сыҡ! Оҡшаһа был өйөң, Түгелһен моң-көйөң! Ҡошсоғом сыҡты ла, Ҡанатын ҡаҡты ла, Һоҡланды ояға, Таң ҡалды донъяға. Йәм-йәшел болонда Бер ғәмһеҙ ҡолондай, Ул кешнәп ебәрҙе, – Кәйефен күтәрҙе. Инә ҡаҙ артынан Сылбырҙай тартылған Бәпкәләр шикелле Субырҙай күңелле. Ул һайрай мең телдә Булғанға күп илдә. Дәртләнә, һөйөнә Ҡайтҡанға өйөнә!.. 14/VI—57. 15 апрель. Көнө буйы баш ауырта. Кисәңге күренеш миңә бик ныҡ тәьҫир иткән, ахыры. Ләкин нәшриәткә барып та кешеләрҙән ҡотола алманым. Бер аҙ ултырғас та, ҡарауылсы Хәмит кереп, аҡса һораны. Тик аҡсам булманы. Һуңынан ул, бер аҙ төшөрөп алған көйөнсә, шешә тотоп килеп инде. Ярты стакан вино һалып алды ла: — Давай, әсәбеҙ, – ти. Мин баш тарттым. Ләкин ул минең ай-вайыма ҡараманы. Бик ҡыҫтағас, мин эстем. Бик ҡеүәтле булып сыҡты был – шунда уҡ башҡа китте. Минең бөтә эш өҙөлдө. Шиғырҙар уҡырға тотондом үҙенә, ә ул баштан үткәндәрен һөйләп ташланы. Минзәлә яғынан килгән егет икән. 27-се йылғы. Тәүге ҡатыны менән балаһы үлгәс, уның дуҫ-әхирәтенә өйләнгән. Пристандә балта эшендә эшләп йөрөгәндән һуң нәшриәткә килеп кергән. — Бер китап яҙаһы ине, – ти Хәмит. – Тик бына яҙа белмәйем. — Ә элек шиғыр-фәлән яҙғанығыҙ юҡмы? — Бәйеттәр сығара торғайным мин. — Яҙып ҡарағыҙ. Бер кем дә бит яҙып тыумаған. Бәлки, сығып ҡуйыуы ла бар. — Дәрт бар ҙа, дарман юғыраҡ шул... Бына шулай оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ. Ваҡыт һуң ине инде. Мин ҡайтырға булдым. Ләкин уның папирос төпсөгөн пепельницаға һүндермәй һалыуын күреп ҡалдым да: — Һүндерегеҙ, ағай, юҡһа бер көнгө кеүек янғын сығыуы бар, – тинем. — Бәй ул шулай сыҡты бит! – ти Хәмит. — Нисек? Әллә һеҙме? — Эйе. — Нисек булды һуң? «Мин сәғәт дүрттэрҙә диванға кереп яттым. Арыу уҡ иҫерек булғанмын», – тип ул бер көнгө янғын тарихын һөйләй башланы. Ул иҫерек көйөнсә, сисенеп, тәмәке тартып йоҡлап киткән. Ә тәмәке ҡулынан төшөп, телогрейкаһының мамығына, унан диван аҫтына эләккән дә мамыҡ-сүбәк быҫҡып яна башлаған. Төтөнгә сәсәп, утҡа бешеүҙән был уянып китһә, ни күҙе менән күрһен, ут сыҡҡан. Диван яна, бүлмәлә тын да алырлыҡ түгел – әсе төтөн. Ҡурҡыуынан айнып китеп, ырғып тора ла, ни эшләргә лә белмәйенсә, күлдәк-ыштанына ут ҡапҡан килеш бүлмә эсендә йүгереп йөрөй, диванды аҡтарып ташлай. Ялҡын өс метрға күтәрелеп яна. Кранға тотонһа – һыу юҡ. Бәҙрәфкә йүгереп сыға. Ундағы кран аҫтына биҙрә һыймай. Үҙ бүлмәһенә йүгереп барып, ҡатынын уята ла, һыу ташып, утты саҡ һүндерәләр... Беҙ иртән эшкә килеүгә диван урынында көл-күмер генә. Бөтә бүлмә ыҫ еҫе менән тулған, иҙән ҡарайып ҡалған. Уборщицалар таҙартып йөрөйҙәр. Шулай итеп, нәшриәт саҡ ҡына янмай ҡалған. Бөтә ҡулъяҙмалар юҡҡа сыға ине. — Барыбер төрмәгә ултыртырҙар тип, аҫылынырға йөрөнөм, – ти Хәмит. – Әллә нисек аҡыл етеп, аҫылынмай ҡалғанмын. Ҡатын да бар ине шул... Мин Хәмит янынан ҡайтҡанда, Надя йоҡламағайны әле. Ул арыған булһа ла, уға был хәлде һөйләнем дә бәрәңге ашаныҡ, сәй эстек. 16 апрель. Миәссәр килеп китте. Миңә, Маратҡа эпиграммалар яҙған. Ярайһы ғына. Үҙенән күсертеп алып ҡалдым. «Йүрүҙән» китабының авторына: Йүрүҙәнгә сумаһың, Сумаһың да сығаһың. Бер ер тәрән, бер ере һай, Бер ерендә ғәжәп йылы, Бер ерендә туңаһың. «Бәрәләр» китабының авторына: «Бөрөләр»ең магазинда Шиңеп бөтмәһен, Марат. Йәһәтерәк һатып ал да Дуҫ-иштәреңә тарат. Бер аҙ ваҡыт үткәс... «Бөрөләр»ең магазинда Һатылып бөткән, Марат. Дуҫ-ишеңдән йыйып ал да Магазиндарға тарат. М. М. Б. Көлөп рәхәтләндек. Миәссәр үҙенең тормошо тураһында ла һөйләне. Сатираға өйләнгән!.. Нур ҙа килде. Исеме генә түгел, үҙе лә нур! Ниндәй матур кеше үҫеп килә. Көн буйы шатланып йөрөнөм. Кис Зөфәрҙән 25 һум аҡса алып, магазиндан Ашот Грашиҙың «Лирика» китабын алдым. Зөфәргә: — Һин алмайһыңмы? – тигәс, ул: — Юҡ, мин хәҙергә китап йыймайым әле. Барыбер улар һуңынан баҫылып сыға бит, – ти! — Нисек һин улар баҫылып сыҡҡансы шиғырҙар уҡымай йәшәрһең? – тип ғәжәпләндем. Ә минең күңелдә – оло бер байрам! Мин тағы ла бер матур шағирҙы астым үҙем өсөн. Эштән ҡайтҡас, Ашот Грашиҙың шиғырҙарын Надяға уҡып, икебеҙ ҙә һоҡландыҡ. Ғәжәп көслө лирик. — Юҡ, – тим мин, – поэзия Есениндан ғына тормай! Мин был шиғырҙарҙы уҡып, дәртләнеп киттем дә үҙемдекеләргә тотондом. Надя уҡырға китте, ҡыҙҙар ҙа өйҙә юҡ ине. Салауатты йоҡлаттым да рәхәтләнеп ултырҙым. «Күстәнәс» шиғырын яҙып бөттөм булһа кәрәк. Үҙемә оҡшай хәҙер. «Әсәйем ҡулдары»на өҫтәмә булырлыҡ. Надя мәктәптән ҡайтҡас, уға тәржемә итеп күрһәттем. Оҡшаны. Күстәнәс Оло байрамдыр ул студент саҡта Ауылыңдан алыу күстәнәс, Танһыҡ өсөн, тиеп әсәң үҙе Ҡош телендәй хат та өҫтәгәс. Астым күстәнәсте: ни генә юҡ! – Ҡаҙ, бауырһаҡ, йүкә балдары... Тик күгәрсен һөтөн генә тапмай Бала өсөн әсә ҡулдары! Бына бит ул бейәләй ҙә һалған Йәш бәрәндең мамыҡ йөнөнән. Май төрөлгән «Район гәзите»нең Һәр бер хәрефенә һөйөнәм. Кескәй генә ошо бер ҡумтаға Һыйған һымаҡ бөтә Уралым. Гүйә, шул мәл елдәй Аҡбуҙатта Тыуған ергә етеп ураным. Әйҙә, дуҫтар, ауыҙ итәйек бер Минең әсәй ҡойған ҡаҡтарҙы. Уның ҡулы йыйып алып килгән Еҫен-тәмен тыуған яҡтарҙың!.. 4/III, 5/11–16/IV-1957. Надя менән оҙаҡ ҡына шиғырҙар тураһында һөйләшеп яттыҡ. — Беҙ бәхетле шулай ҙа, – ти ул. 17 апрель. Зөфәрҙең Фәрит Иҫәнғолов тураһында «Ҡыҙыл таң»да мәҡәләһе баҫылған. «Йәш яҙыусының үҫеүе» тигән. Ә йәш тәнҡитсенең үҫеүе күренмәй. Зөфәр менән, шаярып булһа ла, көн һайын бәрелешеп алабыҙ. — Һинең өҫтәлеңдән күсәйем әле, – тинем уға. – Юҡһа, миңә тәнҡитсе рухы керә башланы. — Нисек? – тип көлә Зөфәр. — Бына Сәйфи Ҡудашты ла туҙҙырып ташлайһы килә. Һәр газетала көн һайын мәҡәлә сығараһы ла килеп китте. Радиоға обзорҙар яҙаһы ла килә!.. — Көлмә, көлмә, – тигән була Зөфәр. – Бына хәҙер повесть яҙырға тотонам әле. Күрерһең унда!.. Эш хаҡы алдыҡ. Бик аҙ тейә, налогка ла тотола, лотореяһына ла түләр кәрәк, взностары ла күп. Бурыстар ҙа түләнмәй. Нишләмәк кәрәк? Айлыҡ эш хаҡы ашарға ла етмәй. Бына Зөфәр кеүек уңдан да, һулдан да алып торһаң ине. Ләкин ул да йәлсемәй. Ҡыҙыҡ был тормош. Уйлаһаң, эс бошоп, ҡанаттарың төшөп китә... Кис Салауат менән боҙ киткәнен ҡарарға Ағиҙел күперенә барҙыҡ. Күпер халыҡ менән тулған. Ғәжәп матур кис! Тонйорап ҡояш байый. Иҙел өҫтөнә уның оҙон ҡыҙғылт таҫмаһы һуҙылған. Иҫке күпер аша геүләп электричкалар үтеп китә. Тау башында мөһабәт булып Өфө йәйелеп ята. Ә Иҫке Өфөнөң шәүләһе Иҙел өҫтөндә тағы бер ҡала үҫтергән. Ни тиклем һоҡланғыс киске Өфө! Күпер шундай бейек, яр ситендәге ҡуҙғалмай ятҡан боҙ майҙанына, болғансыҡ булып ташып ағып ятҡан Иҙел һыуына ҡараһаң, баш әйләнеп китә. Боҙҙар инде бер-береһен ватып-емереп, шаулап аҡмай, беҙ өлгөрмәй ҡалдыҡ. Һирәк-һаяҡ ҡына килеп сыҡҡан боҙ киҫәктәре хәҙер талғын ғына, иркенләп аға. Салауатты ҡулға алып, уға шул боҙҙарҙы күрһәткән булам. Ул ғәжәпләнеп, күҙен дә алмай ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр инде кәмә менән балыҡ тоторға ла сыҡҡан. Салауат шат – көлә, тауышлана, коляскаһында ҡулдарын болғап, осам-осам тигәндәй талпынып ултыра. Оҙаҡ ҡына сәйәхәт итеп ҡайттыҡ. Икебеҙ ҙә арыныҡ... 18 апрель. Ниндәй ғәжәп картина был – «Ватерлоо күпере»!.. Бына, әллә етенсе ҡабат инде, мин шул бер картинаны ҡарайым. Күпме генә күрһәм дә ҡарап туймам кеүек. Кинофильмдарҙан был минең иң яратҡан картинам. Рой менән Майраның был бәхетһеҙ мөхәббәте бер ҡасан да минең күҙ алдымдан китә алмай. Улар минең тормошома инделәр. Быны тик Надя ғына белә. Мин уға был фильмдың «Хушлашыу вальсын» көйләп күрһәтәм, шул көйгә яҙған йырымды йырлайым. Ҡайһы саҡта Салауатты ла шул көйҙө көйләп йоҡлатам... Ә бөгөн уны Ашот Грашиҙың шиғырҙарын уҡып йоҡлаттым да «Ватерлоо күпере»нә киттем. Әйтерһең дә, Рой ул – мин үҙем – Рәми!.. Әйтерһең, был минең үҙемдең мәңгегә юғалған тәүге мөхәббәтем!.. Мин уны бик һирәк иҫкә алам, ләкин уны иҫкә алғанда – мин үҙемдең иң саф, иң тәрән, иң яҡты тойғоларымды яңынан кисерәм. Был ниндәйҙер икһеҙ-сикһеҙ булған тәрән бер һағыш. Был һағыш йөрәктең иң тәрән төпкөлөнән һығылып сығып, мәңге-мәңге хушлашыу, мәңгегә-мәңгегә айырылышыу йыры булып түгелә: Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм, Хуш бул, минең бәхетем, Хуш, хыялым, хуш, өмөтөм, Хуш, тәүге мөхәббәтем!.. Был минең таш кеүек ҡатҡан күңелемдең күҙгә күренмәй торған иң әсе, иң татлы күҙ йәштәре менән тын ғына үкһеп-үкһеп илауы: Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ Тауышың ғына ҡалды, Ғүмергә мин онотмамын, Һағынырмын был таңды!.. Өйгә ҡайтып еткәнсе мин инглиз көйөнә үҙемдең бына шул йырҙарымды йырлап ҡайттым. Төн ҡараңғы, яҙғы Өфө төнө, ә бының һайын йондоҙҙар яҡтыраҡ һәм баҙығыраҡ балҡый. Арала берәүһе айырыуса асыҡ һәм ҙур булып күренә. Яҡты йондоҙ ине ул ҡыҙ миңә. Ләкин инде быға хәҙер ун бер йыл!.. Рой менән бергә мин дә Лонгфеллоның йәшлек тураһындағы һүҙҙәрен ҡабатлайым: «Мысли о молодости – далекие-далекие мысли...» Эйе, йәшлек бик алыҫ!.. 19 апрель. Иртән эшкә килгәс, егеттәргә лә «Ватерлоо күпере» тураһында һөйләнем. Сәлмәнов ағайға теге йырҙың тыуыуы хаҡында һөйләгәс, ул миңә һүҙҙәрен яҙып бирергә ҡушты. Яҙҙым. Зөфәр ҙә уны минең арттан күсереп алды. Бөтәһенә лә йыр оҡшаны. Сәлмәнов ағай йырға көй яҙырға ла ҡанатланып китте. Көйҙөң характеры тураһында бәхәсләшеп, «Ватерлоо күперен» икәүләп ҡарарға булдыҡ. «Родина» кинотеатрына барғанда мин уға Гейненың үҙем тәржемә иткән шиғырҙарын уҡыным. Улар ҙа оҡшаны. — Давай, беҙ дуҫлыҡты нығытып алайыҡ әле, бер цикл яҙайыҡ, – ти. — Давай, – тип, мин дә шатланып риза булдым әлбиттә. Минең, ысынлап та, үҙ йырҙарымдың йырланыуын ишетәһем килә. Рафаэль менән бергәләп яҙған йырҙар баҫылып ҡалғас, мин бынан өмөт өҙгәйнем, хәҙер тағы ла йырҙар яҙыу теләге ҙурая башланы. Әгәр ҙә Сәлмәнов берәй яҡшы көй яҙһа, мин ең һыҙғанып эшләйәсәкмен! Бына Ашот Грашиҙың «Һандуғас»ын тәржемә итеп ташланым. Нисектер йыр интонацияһындараҡ килеп сыҡты. Баҡсаларға сығам таң алдынан — Һандуғастың йырын тыңларға. Һандуғастың моңло һайрауҙарын Ел осора әллә ҡайҙарға!.. Һағайтышып йәшел ҡолаҡтарын, Бар ағастар уны тыңлайҙар, – Тыңлайҙар ҙа уға таң ҡалалар, Серле моңон тыңлап туймайҙар. Күҙгә күренмәгән таң йырсыһын Күрмәйенсә күңел түҙалмай, – Тик тапмайым уны ҡыуаҡтарҙан, Эҙләһәм дә үҙен күҙ алмай. Бул һин, йырсы, шул һандуғас һымаҡ, Һандуғастың һүҙен ал әйҙә, Кешеләргә – тик йырыңды йырла, Күренмәй ҙә үҙең ҡал әйҙә!.. 20–26 апрель. «Йәш көстәр» менән ҡаңғырҙым. Бөтөнләй яңынан төҙөргә тура килә. Төрләндерергә, йәнләндерергә кәрәк. Иркенләп эшләп булмай. Нәшриәттә бер ниндәй ҙә эш шарты юҡ. Бер ҙә иғтибарҙы туплап ултырып булмай. Өйгә алып ҡайтып эшләү ҙә мөмкин түгел. Кистәрен, Салауатты йоҡлатҡас, үҙемдең әйберҙәр өҫтөндә ултырам. «Таш сәскә»не июнь айында тапшырырға кәрәк. Франконың хикәйәләрен дә шул уҡ ваҡытҡа өлгөртөргә тейешмен. Аспирантураға ла әҙерләнергә!.. Нишләргә инде? Теләһәң шартлап кит! Тиҙҙән хужалар ҙа ҡайтасаҡ. Квартира өсөн ике меңде теләһә ҡайҙан табып бир! Яңы квартира ла эҙләргә кәрәк. Ваҡыт аҙ ҡалды. Надя менән шул хаҡта һөйләшәбеҙ ҙә башыбыҙ ҡата. — Беҙ Мәскәүгә китәйек, ә һин иркенләп эшлә, – ти Надя. Шулай итергә булдыҡ. Надя мәктәп директоры менән һөйләште – ризалашҡандар. Бөтә фәнд әрҙән дә отметкалары сығып бөткән. Тик ҡайҙан аҡса табырға? Алты шиғырҙы радиоға тапшырҙым. Ләкин улар май айында ғына уҡыласаҡ. Бухгалтерия менән һөйләшеп ҡарарға кәрәк. 27 апрель. Эшкә килгәс тә Сәйфуллингә хәлде аңлатып бирҙем. Кеше хәленә керә торған бухгалтер икән. Үҙе кереп әйтте: аҡса бар. Кассаға төштөм. Тик иртәгәге поездарға билет ҡына юҡ. Вокзалға төшөп, поезд китер алдынан ғына алырға мөмкин. Надяға ҡайтып әйттем дә бөгөн үк хушлашырға булдыҡ. Надя инде керҙәрен йыуып бөтөрөп ҡуйған... Кис Надя менән Салауатты Мәскәүгә оҙаттым. Әйберҙәрҙе чемоданға тултырғанда Салауат шул тиклем йөҙәтте, арып бөттөм. Күҙенә ни күренһә, шуны килтереп һала, йә үҙе чемоданға кереп ята. Надя минең Салауат менән көрәшеүҙән көлөп арып бөттө. Ә минең шул тиклем эс боша, шул тиклем күңел әрней – бер туҡтауһыҙ йырлайым, һыҙғырам... Хәҙер Салауатты күрмәйенсә нисек итеп йәшәрмен? Тыуған саҡта ул минең өсөн юҡ кеүек ине. Ә хәҙер ул минең бөтә тормошома ингән... Хәҙер мин баланың нимә икәнен йәнем-тәнем менән тоям. Үҙемдең яңғыҙ тороп ҡалыуымды күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Ләкин бына мин инде яңғыҙ!.. 28 апрель. Күңелдә әллә ниндәй бушлыҡ. Уянһам, китаптар туҙып ята – ҡыҙҙар тәҙрә пәрҙәләрен алып, кер йыуырға тотонғандар. Надя менән Салауаттың юҡлығы шул тиклем күҙгә ташланып тора, хатта мин был ялды нисек үткәрергә лә белмәйем. Тиҙерәк был хәлдән ҡотолоу өсөн китаптарҙы тәртипкә килтерергә тотондом – туҙандарын һөрттөм, шкафҡа, гардеробҡа яңынан рәтләп теҙҙем. Гөлдәрҙе тышҡа сығарып ҡуйҙым. Ә тышта шул тиклем йылы, ҡояшлы – ҡайҙалыр урманға, тауҙарға осоп китәһе килә. Ҡоштар һайрай. Өфө – майҙы ҡаршыларға, ағастар бөрөләрен асырға әҙерләнде. Мунсаға барырға булдым. Юлда Лира осраны. Әсғәт тураһында һөйләне. Үҙе шат, таҙа. Салауаттың фотоларын Әсғәт тиҙ көндә ебәрермен тигән. Тиҙерәк ебәрһен ине инде! Исмаһам, өйҙә уның һүрәте торһон! Хушлашҡанда мин уны бер үбә лә алманым. Мунсанан һуң «Башҡортостан»да бик оҙаҡ итеп һыра эсеп ултырҙым. 29 апрель. Күңелһеҙ! Эс бошоп тик тора. Үҙем кешеләр араһында, үҙем япа-яңғыҙмын. Тик кисен үҙебеҙҙең нәшриәт артистарының концертын ҡарап ҡына бер аҙ кәйеф күтәрелеп китте. Йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр. Аҙаҡ буфетҡа инеп һыра эстек. Егеттәр аҡты ла алып ингәндәр икән, уны ла өҫтәл аҫтынан ғына йөрөтөп, байрам иттек. Былай ҙа ҡәнәғәтләнмәгәс, бүлмәгә инеп ултырҙыҡ: Сәлмәнов, Зөфәр, Ҡотошов, Игебай ҡатындары менән, Фәрит Иҫәнғолов, Найман һәм мин – үҙебеҙ генә. Фәрит ағай русса-башҡортса һүҙлекте эләктереп алған да бөтәһенә лә фал асып ултыра. Һуңынаныраҡ Шакир Насыров та килеп ҡушылды. Тик береһе лә йырламаны. Василий Андреевич бик кәйефләнеп алған. Ул килеп ингәс тә, мин унан Есенинды уҡыуын һораным. Ул «Әсәгә хат»ты уҡыны. Тик бының өсөн Найман мине шелтәләп алды. «Ниңә шул урыҫты һөйләндерәһең...» һ. б. Был миңә һис тә оҡшаманы. Һуңынан ҡыҙҙарҙы оҙатышҡанда уның менән тағы бер эске бәрелеш булып алды. Резеданы мин оҙатып ҡуйырға иткәйнем, Найман йөрөй икән уны оҙатырға! Бер аҡһаҡ егете миңә ҡаршы төштө: «Һин өйләнгән кеше, һиңә килешмәй, намыҫ кәрәк», фәлән-фәсмәтән... Миңә был бик сәйер тойолдо. Ул Резедаға: — Һеҙ нисек, таныштармы? – тигәс, уныһы: — Беҙ илле икенсе йылдан бирле дуҫтар, – тип ысҡындырҙы. Ләкин, ҡыҙ минең менән китергә торһа ла, мин ҡаршылашып, ҡыҙ бүлешеп торманым. Заманында мин уны оҙатҡанмын – етер, тинем. Шулай ҙа күңел ҡытыҡланып ҡуйҙы, нисектер күңелһеҙләнеп киттем. Ҡайтырға тип сығып бара инем, Мәрйэм исемле ҡатын (ул бухгалтерияла эшләй) мине исемем менән саҡыра. Мин тәүҙә икенсе берәүҙе саҡыралыр тип уйланым. Ләкин ул миңә ҡул болғағас, янына барҙым. Теге аҡһаҡ егет уның янында ла ураланып йөрөй. Бергә сыҡтыҡ. Мәрйәм: — Әйҙә, бергәләп йөрөп киләйек, – тигәс, мин нишләптер, үҙем дә һиҙмәҫтән, уны ҡултыҡлап алдым. Ниндәйҙер йылылыҡ һәм ныҡлыҡ бар был ҡатында. Уның менән бергәләп йөрөйһөм, һөйләшәһем килә. Тик теге егет бөтә эште боҙоп йөрөй. Бушты бушҡа ауҙарып, оҙаҡ ҡына кәләп һалдыҡ. Һуңынан мин уларҙы ҡалдырҙым да, иҫерек баш менән уйлап та тормай, машинистка Суфиялар яғына саптым. Урамда үҙ-үҙем менән япа-яңғыҙ ҡалыу нисектер бик ауыр ине. Минең ниндәй генә булһа ла ҡатын-ҡыҙ заты менән бергә булаһым, үҙемдең ҡот осҡос яңғыҙлыҡты онотоп тораһым килә. Ләкин Суфия ҡайтмаған. Ә сәғәт инде төнгө өс. Әсәй ҡарсығының ҡотон алып киттем шикелле. Һуңынан үҙем йондоҙҙарға ҡарап ҡысҡырып тороп көләм. Ни тиклем ахмаҡ бит мин!.. Әгәр ҙә был күренештәрҙе Надя күреп торһа, уға мин ни тиклем ҡыҙғаныс һәм түбән булып күренер инем! Мин үҙемде уның алдында ғәйепле итеп күрергә тырышам, ләкин үҙемде һис тә ғәйепле итеп тоймайым. Ә уйлап ҡараһаң, ир менән ҡатын араһында ни тиклем йәшерен тормош йәшәй, тик былар бергә булған саҡта бөтөнләй онотола йә бөтөнләй әһәмиәтһеҙ нәмә булып күренә. Бәлки, мин генә шулайҙыр? Белмәйем. Бәлки, мин бик аҙғын хисле, боҙоҡ тәбиғәтле кешелер? Белмәйем. Нисек кенә булмайым, мин шулай. Надяны ни тиклем генә яратһам да, тормошомдо уға ғүмерлеккә бәйләһәм дә, мин тик уға ғына ҡарап тора алмам кеүек. Матур ҡыҙҙар күрһәм, мин барыбер иғтибарһыҙ ҡала алмайым – миндә ниндәйҙер бер сәйер дәрт уяна. Мин мауығам, ярһыйым, хыялланам. Күп ҡыҙҙарҙың әле башын әйләндерәһем, уларҙың «яратам» тигән һүҙҙәрен ишетәһем, татлы ирендәренән үбәһем килә. Күрәһең, миндә Дон Жуан тәбиғәте йәшәй. Тик мин был тәбиғәтте аҡылым менән тыйып, үҙемдең төрлө нәфселәремде төрлө әхләҡ ҡанундары менән кәртәләп киләм генә. Әгәр ҙә шул әхләҡ ҡанундары булмаһа, бәлки, кешенең шундай йәшерен нәфселәре лә булмаҫ ине? Сөнки һәр бер тыйылған нәмә һиңә татлы, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ булып тойола. Ә был «тыйылған» нәмәне «асыу» менән үк уның бер ниндәй ҙә сере юҡ икәнлеген күрәһең. Уның ҡәҙере лә, тәме лә, ҡыҙығы ла бөтә. Һин инде икенсе ҡыҙыҡты, икенсе серҙәрҙе асырға теләйһең. Күңелең бер сәскәнән икенсе сәскәгә ҡунып йөрөгән күбәләк кеүек. Был – минең аҙғын күңелем, ахыры. Ләкин, улай тиһәң, ни өсөн һуң мин саф, ҙур, мәңгелек тойғо алдында баш эйәм? Ни өсөн «Ватерлоо күпере» миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә. Шундай ҙур тойғо өсөн мин үҙемде ҡорбан итергә лә әҙер кеүекмен. Был иҫ киткес тәрән кешелек тойғоһо минең өсөн үҙемдең хайуани хистәремдән мең-мең мәртәбә юғары тора. Шундай ҙур тойғо ҡуҙғалғанда ғына мин яҙа алам. Ғәжәп! Мин хатта үҙемде үҙем аңлай ҙа алмайым. Бына бөгөн төндә үҙемдең бер машинистка артынан сабыуым иҫ киткес көлкө! Үҙемдән үҙем илай-илай көләһем килә. Ә шулай ҙа үҙемдең яңғыҙлыҡ был күренештәрҙән һуң бер аҙ юғалып торған кеүек булды. Ҡайттым да иҙерәп йоҡлап киттем. 30 апрель. Иртән тороп, зарядка яһап, йыуынып, сәй эсеп алғас, Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол»она тотондом. Тел ғәжәп матур, бай! Ҡыҙҙар ҡайтҡансы эшләнем дә, улар ҡайтҡас, ҡалаға сығып киттем. Ағастарҙан бөрө еҫе аңҡый, ҡояш ҡыҙҙыра – мин һаман да йылыға туя алмайым. Ҡыш буйы ҡатып ултырыуҙан һалҡын, ахыры, бөтә тәнгә һеңеп ҡалған!.. Шуның өсөн ҡояштың арҡаны нығыраҡ ҡыҙҙырыуын, бешереп алыуын тояһым килә. Ләкин ҡояш әлегә бик оялсан, бик йомшаҡ, бик мөләйем. Бөрөләр ҙә уның нурҙары ҡайнарыраҡ булыуҙы көтөп, ослайып сығып тора. Уларҙың да тиҙерәк, тиҙерәк эҫелә әлһерәп торған япраҡ булып елберҙәйһе килә кеүек. Талдар инде һарғылт йәшел алҡаларын таға башлаған. Сәпсектәр сыр-сыу килеп ем эҙләй уларҙан. Тал ботаҡтары һығылып китә лә йәшел алҡалар ергә ҡойола. Ә Луначарский баҡсаһындағы ҡарт йүкәләр әле үҙҙәренең ҡарайып бөткән йөҙйәшәр ботаҡтарын йәйеп ебәреп, ҡояш нурҙарын тартып алырҙай булып, һаман да әле ҡатып ҡалған көйөнсә торалар. Яратам мин шул йүкәләрҙе!.. Аяҙ күк фонында уларҙың ҡара сатырҙары нисектер мөһабәт, серле булып күренә. Һәр көн улар янынан үткәндә мин тормоштоң ниндәйҙер ҡеүәтле бер көсөн, йәшәүгә булған ынтылыштың ғорур һәм ҡаҡшамаҫ булыуын тоям. Уларға ҡараған һайын мин ни өсөндөр Лев Толстойҙың бөйөк һынын күҙ алдыма килтерәм. Ах, был йүкәләрҙе Пришвин күрһә, әллә ниндәй бөйөк бер серҙе асыр ине! Ә мин тик һоҡланып үтеүҙән башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым улар хаҡында. Бер матур шиғыр яҙаһы ине улар хаҡында! Ниндәй шиғыр, ниндәй һүҙҙәр? Белмәйем. Ләкин уларға ҡарағанда, күңелдә ниндәйҙер һүҙһеҙ генә шиғыр уянған кеүек. Мин уларға тере кешеләргә, иң тәрән аҡыллы сал һаҡаллы сәсән ҡарттарға ҡараған кеүек ҡарайым. Урам буйлап йөрөп ҡайтҡас, диванға ятып Бунинды уҡырға тотондом һәм ҡапыл тоноҡ ҡына күк күкрәгән тауышты ишетеп, ырғып тороп, тышҡа сыҡтым. Тәүге күкрәү!.. Хәйерлегә булһын! – һул ҡолағым менән ишеттем. (Был көлкө булһа ла, бала саҡтан ҡалған ғәҙәт буйынса, күк күкрәүен мин уң ҡолаҡ менән ишетергә яратам.) Ямғыр яуырға итә. Болоттар күгәрешеп, күк йөҙөндә үҙҙәренә эш тапмаған кеүек, йә бик мөһим эш эшләргә йөрөгән кеүек, йөрөй, өйөрөлә... Тәбиғәттең һәр бер күренеше минең өсөн һәр саҡ яңы, һәр саҡ серле. Мин уның шулай булыуын яратам. Хәҙер йәшен ялтлап, минең йөрәкте ярып үтһен ине!.. Йомшаҡ ҡына йылы ел иҫә. Күңелгә рәхәт булып китте лә мин тағы урамға сыҡтым. Почтаға барып, Салауатҡа зәңгәр сәскәле хат яҙып ебәрҙем, ә Рафаэль менән Гөлсәсәккә «Пью за вашу весну» тигән телеграмма ебәрҙем. Ә үҙемдең кеҫәлә аҡса ла ҡалманы. Исмаһам, күңел тынысланып ҡалһын, тинем. Ысынлап та, күңелгә рәхәт булып ҡалды. Тик әсәй менән Әсғәткә генә бер һүҙ ҙә әйтә алмау үкендергес. Ни эшләйһең инде? Аҡса юҡ. Надянан илле һум менән тороп ҡалдым. Был май айын нисек үткәреп ебәрермен инде, белмәйем. Маратҡа киттем. Юлда Шакир менән Хәҙисә осраны. Хәҙисә ауырлы. Бөгөн-иртәгә әсә булам тип тора. Төҫө үҙгәргән, тупаҫланған, күҙҙәре ҙур асылып, хәлһеҙ генә ҡарай. Марат һаман донъяға, социалистик реализмға һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ахмаҡлығына зарлана, пародиялар хаҡында һөйләй. Ләкин минең һис тә генә был темаға һөйләшкем килмәй. Мин бөрөл әрҙең еҫен еҫкәп, ағастар тураһында һөйләйем. Ә уның танауы еҫ тоймай!.. Миңә был бик йәл булып күренә. — «Бөрөләр» тип китап сығараһың, ә үҙең бөрөләрҙең еҫен дә тоймайһың! – тим. Ул көлә... Тормоштан мин ни тиклем риза булмағанда ла, миңә ул ҡәҙерле; мин уның еҫен дә, тәмен дә тоям, хатта бөрөләрҙең хәле лә миңә үҙ хәлем кеүек, ә бына Мараттың бөтә нәмәне лә кире ҡағыуы, бөтә нәмәнән туйыуы миңә оҡшамай. — Мин бик асыҡтым, – тинем Маратҡа. Бәрәңге ашап, сәй эстек тә мин ҡайтып киттем. Тауилә аҡбур менән мейес ағартҡан – аҡбур еҫе менән өй тулған. Ә үҙе әйбер үтекләй. Фәниә ауылға ҡайтып киткән. Тимәк, беҙ бер бүлмәлә икәү. Ләкин был ҡыҙ менән бер бүлмәлә була тороп та, мин уны күрмәйем, тоймайым. Был ҡыҙ нимәләр уйлай, ниндәй эске донъя менән йәшәй, миңә нисек ҡарай – минең өсөн барыбер. Был да ҡыҙыҡ, уйлап ҡараһаң. Бына ул иҙерәп йоҡлай... Бер кем ҡулы теймәгән, бер кем ҡулы ҡосмаған саф ҡыҙ. Ә мин күбәләк күңелле, аҙғын хисле бер ир... Ләкин был ҡыҙ минең өсөн бөтөнләй юҡ кеүек. Ниңә был шулай? Кеше ни тиклем аңлайышһыҙ!.. Ярай, бик тэрэнгэ кереп киттем. Иртәгә демонстрация, иртәгә байрам, иртәгә май. Май инде башланды ла. Әтәстәр ҡысҡыра. Электропоезд арҙың геүләп үткән тауыштары ишетелә. Тиҙҙән таң да атыр. Сәғәт инде дүртенсе ярты. Йоҡларға кәрәк. 1 май. Бына беренсе май ҙа үтеп китте. Был иҫ киткес матур көн булды. Шундай йылы, шундай ҡояшлы ине был көн. Ләкин был көн, әгәр ҙә художник Ғүмәр Мөхәмәтшинды осратмаһам, барыбер бик күңелһеҙ булған булыр ине. Демонстрациянан һуң Мараттарҙа эс бошороп ултырҙым. Кис ҡала буйлап сығып киткәйнем, Ленин урамында ике малайы, ҡатыны менән Ғүмәрҙе осраттым. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, бик рәхәтләнеп һөйләштек. Ул үҙҙәренә саҡырҙы. Мәжит Ғафуриҙың портретын яҙа. Ғәжәп оригиналь портрет! Бик эске кисерешле – психологик портрет. Ғафуриҙың бик матур образы. Шағирҙың һуңғы көндәре, һәм ул үҙенең һуңғы шиғырҙарын ижад итә. Бына шул ижад процесын Ғүмәр бик матур итеп тотоп алған. Шағир үҙенең эске донъяһына сумып, күҙҙәрен бер нөктәгә төбәгән дә бик көсөргәнешле хистәр кисерә. Был бер нөктәгә төбәлеп, үҙенең йөрәк ашҡыныуын тыңлаған күҙҙәр иҫ киткес тере һәм мәғәнәле. Быны һүҙ менән аңлатыуы ҡыйын – портреттың үҙен ҡарарға кәрәк. Был Ғафуриҙың иң яҡшы портреты буласаҡ кеүек. Тик миңә уның танауы ғына бер аҙ сығып етмәгән – тупаҫыраҡ булып күренә һәм ҡәләм тотҡан ҡулы һынып ҡалған кеүек тойола. Ғүмәр үҙе лә шулай ти. Тимәк, мин дөрөҫ әйтәмдер. Портрет әле яҙылып бөтмәгән. Тик Ғафуриҙың образы инде бар! Кешеләргә ул бик оҡшаясаҡ. Ғүмәр ғәжәп талантлы егет, уйлай торған художник. Мин әллә нисек терелеп киттем. Күңелдә был егет менән ғорурланыу, уның шундай эше өсөн шатланыу хистәре уяна. Ә уның шундай ауыр тормошта йәшәүе, уға бер кемдең дә иғтибар итмәүе йөрәкте әрнетә. Эшләү, ижад итеү өсөн уның иң элементар эш шарттары ла юҡ, минең кеүек үк, кеше өйөндә, хәйерселектә йәшәй. Ике бәләкәй балалары (Урал менән Игорь) өҫтөнә өсөнсөһө булырға тора – ҡатыны ауырлы!.. Ә Ғүмәр үҙе хәҙер бер ҡайҙа ла эшләмәй – шул портретты яҙа. Бөтә мөхәббәте шул Ғафури! Ул миңә уның төрлө фотографияларын, Ғафуриға оҡшаған кешеләрҙең һүрәттәрен, Ғафуриҙың скульптураһын, эскиздарын күрһәтте. (Бер ваҡыт ул Ғафуриҙың скульптураһын да эшләгән икән.) Ғафуриҙы оҙаҡ өйрәнгән һәм уның хаҡында күп нәмәләрҙе белә, шағирҙы бөтә йәне-тәне менән ярата. Ғөмүмән, уның бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Ләкин ни өсөн һуң бына шундай бик ҡәҙерле, бик матур кешеләр шундай ҡот осҡос тормошта йәшәйҙәр? Ниңә уларға иң кәрәк саҡта ярҙам итеүселәр юҡ? Был яҙмыш күпме кешенең кешелеген кәмһетә? Ни өсөн кешене ул әле танылмаған саҡта таный белмәйҙәр? Мин Рембрандттың тормошон күҙ алдыма килтерәм дә кеше үҙе үлгәс кенә уның бәхет табыуы тураһында уйлайым. Ни өсөн бәхет, дан һәм байлыҡ кешегә һуңлап килә?.. Был иҫ киткес мәғәнәһеҙлек бит! Күпме таланттар шулай һәләк булған!.. Ғүмәр өҫтәлгә бер сиреклекте алып ултыртты ла, һуғанды тоҙға манып, тамаҡ сылаттыҡ... Башҡа бер ни булмаһа ла, минең өсөн был иң яҡшы һый ине. Мин бөтә күңелем менән рәхәтләнеп эстем, һөйләштем, көлдөм. — Рембрандт закускаһы! – тип көлөштөк, һәм донъяла был яҙмыш бер беҙҙең баштан ғына үтмәгән тип йыуандыҡ. Беҙ, әлбиттә, Рембрандт та, Бетховен да, Горький ҙа була алмайбыҙ. Ләкин улар менән бергә булыу беҙҙе көслө итә һәм шатландыра! Бик яҡшы кис булды был. Һүҙ әҙәбиәттән музыкаға, музыканан живописҡа, йәштәрҙән ҡарттарға, ҡарттарҙан балаларға, балаларҙан милли мәсьәләгә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға күсә, орнаменттар менән килеп бөтә. Ғүмәр халыҡ орнаменттары менән мауыға, төрлө иҫке ҡайыу-сигеү өлгөләрен, иҫке кейемдәрҙе йыя. — Орнаментҡа бик ныҡ иғтибар итергә кәрәк ул, – ти Ғүмәр хушлашҡанда. — Миңә байрам булды, – тим мин. — Миңә лә булды. Давай, һин йышыраҡ килеп йөрө әле, малай. — Ярай, һин дә барып сыҡ, Ғүмәр. Өсөнсө ҡабат ҡул ҡыҫышабыҙ инде, һаман да һүҙ бөтмәй. Күңелгә яҡты... 2 май. Эс боша. Иҙел буйына барып ултырҙым. Быйыл Ағиҙел шул тиклем ташҡан – хатта иге лә, сиге лә күренмәй. 24 май. Төнгө сәғәт дүртенсе яртыла Виталий Бианкиҙың хикәйә һәм әкиәттәрен редакторлап бөттөм. Ғәжәп матур яҙыусы! Иртәнге сәғәт ундан алып, көнө буйы, төнө буйы ултырҙым. Үҙемдә лә сыҙамлыҡ бар икән!.. Әле эшләргә була! Баш бөтөнләй саф әле. Үҙемдең сәләмәтлегемә шатланам. Тик бына был айҙа көндәлекте яҙып бара алманым. Иртәгә ултырырға тура килер. Хәҙер Крылов мәҫәлдәренә тотонорға кәрәк! 31 май. Бына май ҙа үтеп китте. Май айы минең быйыл яҡшы айым булды. Рәхәтләнеп эшләнем! Йыйынтыҡ (үҙемдең «Таш сәскә») инде әҙер тиерлек. Надяны, Салауатты һағыныу, яңғыҙлыҡ минең йөрәкте моңландырып, шиғыр уты яндырып торһа, уларҙың өйҙә булмауы шиғыр яҙып ултырыу өсөн ваҡыт та бирҙе. Бөтә иғтибарымды биреп, иркенләп ултырҙым. Тик аҡсаһыҙ интегеү генә бер аҙ күңелһеҙ булды. Шулай ҙа был көндәр минең өсөн иң яҡты, иң матур көндәрем ине. Бына бөгөн инде мин ул көндәрем менән хушлаштым... Кемдер минең «үҙ эшем» менән дә булышҡанды «начальствоға» илтеп еткергән!.. Ни тиклем түбән йәнле кешеләр була! Ә был тегеләренә етә ҡалған. Баш редактор (башһыҙ бәндә!) иртәгә үк миңә нәшриәткә килеп эшләргә ҡушты. Мин әйтәһем килгән нәмәләрҙе ныҡ ҡына итеп әйтеп ташланым. Ҡот осҡос формализм! Ҡайҙа ғына барма, ҡайҙа ғына инмә – кешеләр шул формализм ауы менән сырмалып бөткән. Һин теләһәң асҡа үл, урамда ятып йоҡла, теләһәң сәсрәп кит – унда уларҙың эше юҡ, тик һин графикка һый, планды үтә! Ә нисек үтәйһең, нисек эшләйһең, шул эшкә һин күпме көсөңдө һалаһың – был мөһим түгел. Сөнки һинең эшеңдең сифатына ҡарап тормайҙар. — Мин әле бик йәш, тәжрибәһеҙ редактор. Ә минең кәңәш һорап керер кешем дә юҡ. Бына һеҙ минең эште уҡып та тормай, ҡул ҡуяһығыҙ ҙа наборға ебәрәһегеҙ. Ә ташҡа баҫҡанды бит ҡул менән юйып булмай аҙаҡ. Китаптарҙы халыҡ уҡый бит. Һеҙ миңә шундай эш тапшырғас, мин уны «минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе» тип кенә эшләй алмайым. Текст өҫтөндә лә ултырырға кәрәк, авторҙар менән дә эшләргә кәрәк. Етмәһә, шундай эш шарттары: бер яғыңда көнө буйы телефондан һөйләшәләр, бер яғыңда машинистка тыҡылдатып ултыра, коридорҙа судҡа килеүселәр шаулаша. Техник обществоға ла, беҙгә лә күпме кеше килә көнөнә. Бөтә иғтибарыңды туплап ултырып эшләргә ниндәй мөмкинселек бар һуң? – редакторға бына шуларҙы әйткәс, ул быға бер ҙә иҫе китмәй генә: — Шулай ҙа, Ғарипов, графикты үтәргә кәрәк, – ти. — Ниңә мин әллә үтәмәйемме? Шул шарттарҙа ла мин пландан артыҡ эшләнем бит? «Йәш көстәр» ҙә, «Ҡарағол» да, Бианки ҙа май айында бирелде лә баһа. Етмәһә, композиторҙарҙың йырҙар йыйынтығы планға ла индерелмәйенсә әҙерләнде. — Яҡшы. Ә һеҙ бит май айында Крыловты ла бирергә булғайнығыҙ. Һүҙегеҙҙә торманығыҙ бит. — Мин машина түгел, ағай. Әҙерәк башығыҙ менән уйлап ҡарағыҙ. Һеҙ үҙегеҙ шуларҙың бөтәһен дә эшләп ҡарағыҙ – шунан әйтерһегеҙ. Һеҙ әллә көләһегеҙме? Был тиклем формализмды мин бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Ғәжәп кеше һеҙ... — Бына һеҙ ғәжәберәк, Ғарипов. Һеҙҙе өйҙә үҙ эшегеҙ менән ултыра тигән сигналдар бар. — Ниңә һеҙ ғәйбәт тыңлайһығыҙ? Һеҙ мин эшләгән эшкә ҡарағыҙ тәү башта. Унан мин үҙ эшемде үҙем беләм. Һеҙ әллә мине шиғыр яҙыуҙан да тыйыр инегеҙме? Һәм башҡалар, һәм башҡалар... Был Ҡыуатов бына шундай редактор. Ә директор бер ҙә унан ҡалышмай. Был издательство түгел, издевательство! Бына хәҙер мин тағы ла шунда ултырып эшләргә тейешмен! Был мөмкин түгел. Миңә яҙырға кәрәк, уҡырға кәрәк, асҡа ла үлмәҫкә кәрәк. Бына мин инде егерме биш йәшкә етеп, шул аслыҡ тураһында уйламаған ваҡытым юҡ! Ни тиклем туйҙырҙы мине был аслыҡ!.. Төрмәләге кешеләр ҙә бит минән туғыраҡ йәшәй. Намыҫлы булып йәшәү ни тиклем ауыр кешегә! Ә намыҫһыҙ йәшәү? Быны мин булдыра алмайым. Былай булыуҙан йәшәмәүең артыҡ! Ә йәшәйһе килә. Сөнки алда маҡсат бар, өмөт бар, үҙ көсөңә ниндәйҙер дыуамал бер ышаныс бар. Мин үҙемдең тормошҡа булған үпкәләремде нисек тә бәләкәйтеп күрергә, быларҙың бөтәһенә лә ваҡ нәмә, үтеп китә торған ваҡытлы нәмә тип ҡарарға тырышам. Үҙемдең киләсәккә булған ярһыу-ынтылышымды аңламаған, уның мәғәнәһен аңламаған кешеләрҙән ҡоторонҡо бер ғорурлыҡ менән көлөп, уларҙы һыта баҫып үтеп китәһем килә. Үҙемдән башҡа, үҙемдең бушҡа үткәргән ваҡыттарымдан башҡа бер нәмәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайым. Сөнки минең юғалта торған бер нәмәм дә юҡ – бөтәһе лә үҙем менән, бөтәһе лә үҙ башымда, бөтәһе лә үҙ йөрәгемдә. Бөтәһен дә мин үҙ көсөм менән, уҙ тырышлығым менән тапҡанмын. Мин донъяны, кешеләрҙе матурлап күрергә тырышһам да, барыбер уларҙы нисек бар шулай күреп өлгөрҙөм инде. Был минең тәүге аллы-гөллө хыялдарымды туҙҙырып ташлап, ысын ышаныс, ысын көс биреп, уларҙы әсе күҙ йәштәрем менән һуғарып үҫтерҙе һәм мин уларҙы бер кемдең дә бысраҡ аяғы аҫтына һалып тапата алмам. Көс етерҙәй ҡаршылыҡты мин ватып, онтап, селпәрәмә килтереп уҙасаҡмын, ә көс етмәҫтәйен хәҙергә урап үтермен. Ләкин мин ниндәй урында нимәләр барын, ниндәй урында ниндәй кешеләр барын – бөтәһен дә хәтергә алып, белеп, күреп китәсәкмен. Бер өс йыл уҡып алырға ла яңы көс менән мин уларға яңынан килергә уйлайым. Юҡһа, минең баш осомда төрлө-төрлө меҫкендәр төрлө-төрлө ҡағыҙҙарын, төрлө-төрлө дәрәжәлек билгеләрен, авторитеттарын болғарға тырышалар. Уҡырға кәрәк миңә! Быйыл аспирантураға инә алмаһам, икенсе йылға мотлаҡ инергә кәрәк. Надянан хат алдым бөгөн. Ул да минең уҡырға инеүемде теләй. Беҙҙең турала уйлама, ти!.. Нисек һуң уйламаҫҡа? Салауат үҫә, йүгереп йөрөй, һөйләшә лә башлаған. Шуларҙы мин күрмәйем дә, ишетмәйем дә – тик һағынам ғына. Бик һығындыра был малай. Мин уны шул тиклем яратырмын тип уйламағайным... Ә ярҙам итә алмайым!.. 1 июнь. Йәй башланды! Бөгөн иртән хужаның ҡарсығы килеп төштө! Инде өйҙә лә ултырып булмаҫ. Мин ҡараңғы ғына элекке бәләкәй бүлмәгә күсендем. Китаптарҙы ҡуйырға урын да юҡ. Минең китаптарым торған шкафҡа һауыт-һабалар, рюмкалар, төрлө шундай мәғәнәһеҙ йыһаздар ҡуйылды. Минең хатта илайһым килеп китте... Былар барыһы көлкө булыр ине, Әгәр бик күңелһеҙ булмаһа!.. Шулай итеп, бөгөндән башлап мин кельялағы монах! Ә нәшриәттә – машина, китаптар сығарыусы машина. «Прощай, свободная стихия!..» Тиҙҙән хужа үҙе лә килеп етәсәк. Уға ике меңде теләһә ни ереңдән сығарып бир. Ә минең эш хаҡым бурыстарҙы түләргә лә етмәй. Надяға 150 һум ебәргән булдым – бигерәк тә шуныһы ғәрлек! Надя унда бала менән интегә, үҙе, етмәһә, икенсеһенә ауырлы! Тыуасаҡ баланың яҙмышы бик ҡурҡыта мине. Уның берәй төрлө зәғиф булып тыуыуы ла мөмкин. Үлтерә алманылар, ә тыуҙырыу бынан да ауыр буласаҡ!.. Уйлаһаң – ҡот осҡос хәл бит был. Уйламау ҙа мөмкин түгел. Әллә нисек булды минең был тормош – бик ашыҡтым, күрәһең!.. Үкенеүҙән файҙа юҡ, һуң инде хәҙер. Тик бөтә ҙур тормоштан һуңламаҫҡа кәрәк! Башҡаса юл юҡ. Мин Надя киткәс, уға хыянат итермен тип ҡурҡҡайным. Киреһенсә, ул минән алыҫыраҡ булған һайын, мин уға тоғрораҡ. Кешеләр минең япа-яңғыҙ ике ҡыҙ менән бергә гонаһһыҙ ғына йәшәүемә шикләнеп ҡуялар. Ә мин улар менән бик матур йәшәйем – улар минең бер туған һеңлеләрем кеүек булып китте. Тормош ҡына түгел, хатта мин үҙем дә бик ҡыҙыҡлы тойолам. Ғәжәп! Фәниә минең «кельям»ды йыуып бирҙе, китаптарымды рәтләтте, миңә хатта күңелле булып китте. Эстән генә мин: «Кеше ғәжәп матур бит!» – тип уйлайым. Кешеләр өсөн йәшәргә лә мөмкин! Кешеләргә тормош нисек кенә рәхимһеҙ булмаһын, кеше үҙенең матурлығы менән барыбер уның бөтә түбәнлектәренән өҫтөн тора! 2 июль. Мәрйәм апа минең шиғырҙарҙы Заһир Исмәғилевҡа һөйләгән дә, ул уларҙы үҙенә һораған. Күрәһең, Мәрйәм апа шиғырҙарҙы бик маҡтағандыр инде!.. Кис, Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә»һен ҡарарға барғанда, мин үҙемдең «Туған тел»де, «Дан һиңә, дан, Башҡортостан» һәм «Әсәй-Рәсәй»ҙе күсереп алдым да уларҙы Мәрйәм апаға бирҙем. Ишек алдында Заһир ағай үҙе осрап: — Ғарипов ҡустым, килтер шиғырҙарыңды! – тине. — Ярар, – тинем мин. – «Ҡаһым түрә»не ҡарағас бирермен. Ә үҙем ҡыйманым, Мәрйәм апаға бирҙем дә ҡуйҙым – теләһә нишләһендәр! Заһир Исмәғилев ни тиклем ябай булһа ла, минең өсөн ул Башҡортостандың ғорурлығы, иң матур улдарының береһе. «Салауат» операһы менән ул башҡорт музыкаһында иң беренсе ысын башҡорт батшаһы! Мин уны күргәндә – донъя яҡтырып, күңелгә рәхәт булып китә. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам, үҙемдең башҡорт булғаныма шатланам. Салауат увертюраһы минең өсөн һәр саҡ көтөп ала торған милли хистәр байрамы! Шундай Кешемә мин нисек итеп үҙемдең шиғырҙарҙы килтереп тотторайым ти? Уның мин яҙған шиғырға музыка яҙып ултырыуы минең өсөн татлы бер хыял ғына! Күңелем ҡурҡа хатта. Әлбиттә, мин үҙемдең яҙғандарҙы башҡаларҙың йырҙары менән сағыштырып ҡараһам, был эшкә үҙемдең дә көсөм етер кеүек. Минең текстар, сағыштырып ҡарағанда, бер ҙә уларҙыҡынан кәм түгел, хатта яҡшыраҡ та. Ләкин миңә музыка – кеше хисенең иң юғары, иң матур гармонияһы. Музыканы миңә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш кешеләр генә тыуҙыра кеүек тойола. Музыканы мин кеше ижадының, кеше фантазияһының иң юғары бер күренеше итеп тоям. Шуның өсөн дә миңә Чайковский Пушкиндан да юғары һәм бөйөгөрәк. Бәлки, был тойоу минең музыкала тома наҙан булыуымдандыр? Белмәйем. Ниндәй генә насар композиторға ла мин донъяның иң нескә күңелле бер кешеһе итеп ҡарайым. Хатта ябай бер ауыл гармунсыһы ла минең өсөн тәбиғәттең ниндәйҙер бер серле мөғжизәһе! Мин уларҙы көнсөл бер яратыу менән яратам. Лев Толстой композиторҙарҙы, ғөмүмән музыканттарҙы, аҡылға һайыраҡ кешеләр итеп күргән, «музыка притупляет ум» тигән. Бәлки, ул хаҡлылыр. Тик мин бөйөк Толстой менән дә килешә алмайым был урында. Минең өсөн музыканан да аҡыллыраҡ нәмә юҡ кеүек. Музыка тормоштоң иң матур күренеше бит! Ә миңә иң аҡыллы нәмә генә иң матур. Бәлки, донъялағы бөтә халыҡтар ҙа берәй заман бер телдә һөйләшә башлар, ләкин шул ваҡытта ла һәр бер халыҡтың үҙ моңо һаҡланып ҡаласаҡ. Ярай, музыка тураһындағы был философия миндә бик оҙон. Берәй саҡ был хаҡта бөтә уйлағандарымды ла яҙырмын, хәҙергә ваҡыт юҡ. 3 июль. Рафаэль Мәскәүҙән шылтыратты: кисә минең ҡыҙым тыуған! Ләкин был хәбәр минең күңелдә бер ниндәй шатлыҡ та уятманы. Күрәһең, мин бөтөнләй таш йөрәкле кешегә әйләнгәнмен. Башҡа тик Надяның был баланан һау-сәләмәт ҡотолоуы яҡшы тигән фекер генә килде. Бала ла сәләмәт. Тимәк, мин инде ике баланың атаһы һәм миңә 25 йәш!.. Ә Надяға – 24!.. Уға уҡырға, ә миңә яҙырға кәрәк. Ә беҙҙең балаларҙың тыуған өйө лә, бер нәмәһе лә юҡ. Беҙ инде хәҙер дүрт кеше!.. Нисек йәшәргә? Был хаҡта уйлаһаң, баш ҡата, ә уйламай мөмкин түгел! Ҡоштарҙың да ояһы бар, ә кешеләрҙең аяҡ һонор мөйөшө лә юҡ. Ғәжәп был донъя!.. Бәлки, мин шул хаҡта уйлағанлыҡтан шатлана алмайымдыр? Мин хатта һуңғы ваҡытта кисергәндәремде яҙа ла алмайым. Ә ни тиклем үҙгәреш минең тормошомда! Ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм ҡайғылы ваҡиғалар! Ни тиклем шикләнеүҙәр! Ошо һуңғы ваҡыт эсендә генә минең хатта донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Ләкин был хаҡта яҙаһы ла килмәй, яҙып та булмай һәм ваҡыт та юҡ. 1958 21 август. Традиция һәм новаторлыҡ Был мәсьәләлә буталсыҡ күп. Йыш ҡына новаторлыҡ традицияға ҡаршы ҡуйыла. Был формализм! Традицияһыҙ новаторлыҡтың булыуы мөмкин түгел. Үткән көн бөгөнгөнө әҙерләй. Бөгөнгө иртәгәне тыуҙыра. Бөтә нәмәлә лә был шулай. Шулай уҡ – поэзияла ла. Пушкинды уның үҙенә тиклем булған бөтә рус әҙәбиәте тыуҙырған. Карамзин, Державин, Батюшков һәм Жуковскийҙарһыҙ Пушкин да булмаған булыр ине. Пушкин өсөн Байрон да ижад итергә тейеш булған. Әҙәбиәттә бәләкәй генә урыны булған шағирҙар ҙа яңы ҙур шағир өсөн урын әҙерләшәләр. Был хаҡта Белинский бик дөрөҫ әйткән. Ысын яңылыҡ, ысын новаторлыҡ бер ҡасан да үткәндең тәжрибәләрен, алдағы быуындың ҡаҙаныштарын кире ҡаҡмай. Был тик нигилистарға ғына кәрәк. Ысын новатор һәр саҡ традицияға бәйле, традицияға тоғро. Эш тик шунда: ул традицияны ижади үҙләштереп, уны үҙ тәжрибәһе, үҙ ижады, үҙ тормошо менән байыҡтырып, уны артабан дауам итә һәм яңыны, үҙенең киңлеге һәм тәрәнлегенә ҡарап, үҙ заманының талабына ярашлы рәүештә, бөтөн бер эпоха булырлыҡ яңыны тыуҙыра. Новаторлыҡтың формализм менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Новаторлыҡ яңы йөкмәтке иҫәбенә тыуа һәм был яңы йөкмәтке үҙенә ярашлы форманы ла килтерә, ә форма ғына бер ҡасан да новатор өсөн үҙмаҡсат була алмай. Әйтер фекере, әйтер һүҙе булмаған тормошһоҙ, йәнһеҙ фокусниктар өсөн генә форма үҙмаҡсат, сөнки формализм һәр ваҡыт үҙеңдең ысын асылыңды, бушлығыңды томалау өсөн кәрәк. «Немногим избранным доступен язык поэтов и богов» тигән формула үҙе өсөн һәм үҙе кеүек бик аҙҙар өсөн генә ҡыҙыҡ булған графоманға кәрәк. Халыҡ өсөн был мәғәнәһеҙ бер уйын ғына. Халыҡ – бөйөк ижадсы һәм уға ысын ижадсылар ғына кәрәк. Ялған һәр саҡ ялтырауыҡлы, ә ысын һүҙ һәр ваҡыт ябай һәм теүәл. Бөйөклөк һәр саҡ ябай, аңлайышлы, матур. Шуның өсөн иң нескә лирик Блок төрлө эстеттар иң тупаҫ шағир тип иҫәпләгән Некрасовтан өйрәнә. Некрасовта – мең-мең төрлө тормош тауышы, шиғри интонация, ритм һәм тасуирлау байлығы тупланған. Ысын шағир үҙ тауышын ҡайҙан таба алһа, шунан ала. Бал ҡорто балды төрлө-төрлө баллы сәскәләрҙән ала. Йүкәнән дә, сағандан да, алманан да, мең-мең төрлө ялан сәскәләренән дә, хатта шайтан таяғынан да!.. Ал әйҙә, бөтәһен ал, тик үҙеңдеке ит, «был уныҡы» тип һинән дә алырлыҡ булһын. «Ҡояш юҡ» тип торма, яҡтылыҡты, ҡояш булмаһа, айҙан ал, ай булмаһа, йондоҙҙарҙан ал, йондоҙҙар булмаһа, яҡтылыҡты хатта ҡуңыҙҙарҙа ла күрергә тырыш. Уларҙа ла яҡтылыҡ була. – Баҙлауыҡ тиҙәр ундай ҡуңыҙҙарҙы. – Ҡояш яҡтыһын һуҡыр ҙа тоя, ә бына ҡуңыҙҙар яҡтыһы һәр кемгә лә күренеп тормай. Ә шағир бөтәһен дә күрергә, бөтәһен дә белергә тейеш. Күргәндән күҙең һуҡыраймаҫ бер ҙә, ә күрмәһәң, һуҡырайырға ла мөмкин! Һәр нәмәне күңел күҙең менән күрергә тырыш. «Тыңла, йөрәк, донъя бышылдауын. Һәр һүҙе менән ул һиңә «һөйәм һине» тип бышылдай» (Тагор). Шағир бына шул донъяның һәр бер тауышына яуап ҡайтарырға тейеш. Сөнки «шағир үҙ күңелен генә тирбәтеүсе түгел, ә ул – донъя яңғырығы» —«Эхо мира» (Горький). Тотоп ҡал һин донъя тауыштарын. Сөнки ул туҡтап тормай, донъя ул, аяғы талмаҫ юлсы кеүек, сәләм бирер ҙә – ишетмәһәң – күҙ асып күҙ йомғансы китеп тә барыр. Донъя сәләменә ҡаршы сәләм бирһәң, сәләмеңде ул киләсәккә илтер. Ул тик киләсәккә атлай бит, кире ҡайтмай, кире атламай. Утыңды алдан тот, күләгәң артта ҡалһын, «кем утты арттан тотоп килә, күләгәһен алдан төшөрөп килә» (Тагор). Күләгәңдән алда йоро. Бының өсөн ҡояшҡа ҡарап барырға кәрәк. Ел – шағир ул – үҙ тауышын табыр өсөн, урман-тауҙар, диңгеҙҙәр өҫтөнән оса (Тагор). Блок үҙ тауышы өсөн Пушкин, Лермонтов һәм Некрасовтарға ғына түгел, хатта күҙгә күренеп тормаған Полонский, Григорьев кеүек шағирҙарға ла бурыслы, үҙ замандашы Брю-совҡа ла бурыслы. Был хаҡта Блок Брюсовҡа яҙған бер хатында әйтә: «Вы знаете, что я издавна люблю Вашу поэзию, и многим обязан ей как ученик» (Блок, 2 том, 563-сө бит). Икенсе бер хатында былай ти: «Спасибо Вам за книгу. Перелистываю стихи, давно запечатлевшиеся в памяти, и опять пленяюсь ими. Многое отсюда я узнал первым в новой русской литературе. Многое – всегда со мной...» (Блок, 2 том, 599-сы бит.) Блок үҙ стилен («стиль, отвечающий теме») шулай тыуҙыра. Тик быны ябайлаштырып аңларға кәрәкмәй. Фекерҙе ябайлаштырыу – фекерҙе үлтереү менән бер! Я. Полонскийҙың Бунинға булған йоғонтоһон да тикшерергә мөмкин. (Полонский – «Дорога» – Бунин.) «Ир ирҙән быуаҙый» тигән мәҡәл дә бар бит. Был бик мәғәнәле мәҡәл! Ғөмүмән, мәҡәл мәғәнәһеҙ буламы? Мәғәнәһеҙҙәре лә була шул. Мәҫәлән, Кирәй мәҡәлдәре – «Туҡтатма фонтанды, бәрһен әйҙә!»... һ. б. Бунин – һүҙ ювелиры! (Горький.) Бунин – Пушкин традицияһын, бөтә поэзияны декаденттар, символистар, имажинистар һырып алғанда, иҫ киткес бер ҡыйыулыҡ менән яңы рус поэзияһына килтереп тапшырыусыларҙың береһе. Новатор «мин новатор» тимәй, ә төрлө Бенедиктовтар, Игорь Северяниндар ғына шулай ти. Новаторлыҡ – иң яҡшы традицияны үҙләштереү һәм уны, яңы баҫҡысҡа күтәреп, артабан дауам итеү. Традицияға, үҙ поэзияңдан тыш, донъя поэзияһы ла, халыҡ поэзияһы ла инә (Маяковский, Есенин, Демьян Бедный, Твардовский, Исаковский, Тихонов). Халыҡ ижадына оҡшатырға тырышыу – стилизация – халыҡ ижадынан көлөү генә. «Если молодой писатель не смеет ни на одну минуту забыть, что нет мастера без великого содержания, и должен поэтому постоянно учиться познанию жизни, то он также должен помнить, что параллельно с этим ему надо бороться за чистую, ясную, богатую форму, которая вовсе не дастся ему в качестве бесплатного приложения постольку, поскольку он изучает жизнь». (Луначарский, «Мысли о мастерстве».) Традиция – для искания нового. (Н. Рыленко, «Традиции и новаторство». «Литература и жизнь» 57, 17.VIII.58.) 22 август. Көн бушҡа үтте. Төш ваҡытында ғына килеп торҙом. Сәй эстем дә нәшриәткә киттем. Бөтәһе лә элеккесә: Сәләх Кулибай, Зөфәр Ғәбсәләмов, Ғ. Байбурин, Шакир Бикҡолов. Маһиҙә юҡ, Трубицын да күренмәй. Эш бөткәнсе китап магазиндарын барлап сыҡтым да Туманян менән Багрицкийҙың йыйынтыҡтарын һорап алдым, Зөфәр менән «Башкирия»ла ултырҙыҡ. Ул һөйләмәне, күберәк мин һөйләнем. Тәүге мөхәббәт, Марият һәм әйләнеү тураһында. Күптән инде минең бер кем менән дә һөйләшкән юҡ. Нисектер – һөйләйһе килде. Ете йылдан һуң Мәүлиҙә менән күрешеү. Ҡара ерҙә ятып ҡара айғырҙың аунауы. Һөйләшеү. Шиғырҙар һәм Мәүлиҙәнең аҫылынып үлеүе... Зөфәр үҙе менән бергә уҡыған ҡыҙҙы яратып йөрөй. Ҡатыны менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәт юҡ. Балаһы ауырыу. Мәсьәлә бик ҡыйын хәлдә. Бер ниндәй ҙә кәңәш бирмәнем. Тик, уйлап эшлә, тинем. Ҡайтҡанда Биишевтарҙы осраттым. Фуат, Ләлә. Ләлә иренән айырылып ҡайтҡан. Нәшриәттә эшкә башлаған. Балаһы ауылда. Үҙе ағаһында – Әкрәм менән бергә тора. Конфликт. Был тағы үҙе бер повесть. Бер ҙә яҡшы хәбәр ишетеп булмай. Һәр кемдең ҡайғыһы, үҙ ауырыуы, үҙенең бәхетһеҙлеге. Донъя, ғөмүмән, ҡатмарлы һәм буталсыҡ. Хатта шундай уй килә башҡа: «Бәхетлеләр бармы икән һуң был донъяла?» Минең әле үҙ күҙем менән күргән бәхетле кеше юҡ. Лира композитор Сабитовтарҙың тормошон идеал итеп һөйләгәйне, ләкин мин быға ла ышанмайым. Был бер мещан бәхете генәлер. Сабитов миңә шулай тойола. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, үҙен бик юғары тотҡан бер бәндә. Музыкаһында ла мин бер ниндәй ҙә милли бер моң, яңылыҡ тоймайым. Тормош юҡ – формализм ғына бар. Унан һуң – музыка ла цитаталарҙан торорға мөмкин икән – Сабитовты радионан тыңлап шуны белдем. Был, күрәһең, халыҡ ижадын файҙаланыу тип аталалыр инде!.. Әкрәм төшөрөп, еңеләйеп, ҡанатланып ҡайтҡан. Фәриттәрҙә ултырғандар. Мин уның менән рефератты яҙып бөтмәйенсә күрешергә лә ҡурҡа инем. Ләкин – күрешергә тура килде. Әкрәм бик ҙур ғына нотоҡ һөйләп ташланы. Дөрөҫ, бөтәһе лә дөрөҫ. Ләкин минең бер нигә лә ҡул бармай. Күңел төшмәй, бөтә ишеткән был ҡара хәбәрҙәргә иҫем китеп, аптырап тик йөрөйөм. Әхнәф Кирәй минең турала хатта Йоматауға барып Фәриткә һөйләгән. Имеш, мин ҡаршы түгел, ә обком Сайранов, Ғәйнуллин һәм Әхнәф Харис ҡаршы. Ғәжәп, ниндәй кешеләр һуң былар? Нишләргә? Бер нигә лә ҡарамай, миңә ең һыҙғанып әҙерләнергә, уҡырға, шул аспирантураһына инергә, күҙгә күренерҙәй бер эш эшләргә ине. Юҡ, күңел бармай, хатта был хаҡта уйлауы ла ауыр... Бына быларҙы иҫерек баш менән ҡайтып яҙып ултырам. Ә күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ – төпһөҙ бер бушлыҡ. Бер ниндәй ҙә дәрт юҡ, хатта теләк юҡ. Юҡ, былай ярамай. Иртәгәнән башлап эшкә тотонорға кәрәк. Рефератты яҙырға ла – өндәре тығылһын! – немец теленә йәбешергә кәрәк. Бер аҙ йәшәрлек аҡса булды, көн-төн ултырып эшләргә мөмкин хәҙер. Тик ваҡыт бик аҙ ҡалды инде. Надя ла килеп етер. Уҡыуын ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Салауат ауылда тороп торор әле. Китапҡа аҡса алһам, инәйгә бер аҙ ебәрермен. Ярҙам итеп булмай. Надяның әсәһе лә ауыр хәлдә... Быйыл бер тин ярҙам итеп булманы. Эх, тормош, что за тормош был? Аңламаҫһың, белмәҫһең... йә, ярай... 23 август. Йоҡонан тороуға Марат килде. Төш еткәйне инде. «Әйҙә, Ҡыйғыға китәйек, Рафаэль саҡырҙы», – ти. Башта мин дәртләнеп киттем. Әллә йөрөп, елләп килергәме?.. Марат командировка алырға китте. Мин ике ут араһында тороп ҡалдым. Барырғамы, юҡмы? Барһаң, эш ҡала һаман. Ҡыйғыға барып еткәс, өйгә лә һуғылмай булмай. Өйгә, ҡайтҡас, Надяны ла алып килмәй булмай. Барыбер бер нисә көндән уға килергә кәрәк. Ә минең эш һаман ҡуҙғалмай... Юҡ, Надя Салауатты ҡалдырып үҙе генә килер. Бер аҙым да сығып йөрөмәҫкә кәрәк!.. Рафаэль көтәлер? Хәйер, ниңә көтөргә уға мине? Беҙҙең арала хәҙер ни бар? Тик үткәндәр генә. Йәшлек яҡынлығы ғына. Хәҙер инде аралар алыҫайҙы, дуҫлыҡ юғалды, уртаҡ фекерҙәр ҙә ҡалманы. Ул яңы дуҫтар тапты үҙенә. Беҙҙең яҡын булыуға бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ инде хәҙер. Әҙәбиәт? Әҙәбиәт уға үҙенсә кәрәк, миңә үҙемсә кәрәк. Мине ғазаплаған нәмәләр уға бер ни ҙә түгел. Ҡайғыларыбыҙ, маҡсатыбыҙ уртаҡ түгел беҙҙең. Ул – әҙәбиәттә, ә миндә – әҙәбиәт. Бөтә ҙурлығы, бөтә ваҡлығы менән! Әҙәбиәттең ҡара эштәре лә минеке. Миңә һәр бер корректура өсөн көрәшергә кәрәк, һәр бер һүҙҙе күтәрергә кәрәк. Башҡорт әҙәбиәте башҡортса булырға тейеш. Был миңә, минең өсөн – хәҡиҡәт. Бына шул иң ябай хәҡиҡәттә бөтә ҡаршылыҡтар килеп сыға ла беҙҙең. Ә ул, нисек кенә яҙмаһын – башҡорт әҙәбиәте тип янмаясаҡ. Был бер уның ғына бәләһе түгел. Беҙҙең әҙәбиәттең аристократтары байтаҡ. Ә эш эшләргә тиһәң, улар әҙәбиәт тураһында ҡайғыртып, ус аяһындай мәҡәлә лә яҙмаҫтар. Быны инде мин беләм. Яҙһалар, үҙҙәрен яҡлап ҡына яҙырҙар, йә яҙҙырырҙар. Яҙҙырырҙар ҙа «холуй» тип көлөрҙәр... Бына шул ғына. Ғөмүмән, был бик ҡатмарлы мәсьәлә. Уҡырға кәрәк – шул ғына. Башҡаса көрәшеү мөмкин түгел. Киләсәк эш өсөн уҡырға кәрәк. Ләкин бөгөн дә уҡып булманы. Марат урап килгәс, яртыны алып ултырҙыҡ. Туҡайҙы уҡыныҡ, Цвейгты уҡыныҡ та, ул урамда «тәртип һаҡларға», ә мин «тәртип боҙорға» киттем. «Октябрь»ҙә яңы картина ҡараным. «Когда чувства побеждают рассудок». Ярайһы ғына, бик тормошсан картина. Ҡайтҡанда тағы Маратты, Булатты осраттым да «Стилягалар донъяһын» ҡарарға киттем. Урамдан төрлө ҡыҙҙарҙы, иҫеректәрҙе, бала-сағаны тотоп индерәләр ҙә һорау алалар. Йәштәр араһындағы боҙоҡлоҡҡа комсомол походы! Яҡшы! Ләкин ысын көрәш юҡ, ысын яныу юҡ. Беҙҙең агитаторҙарҙан милиционер яҡшыраҡ эшләй. Матур ғына кейенгән ҡыҙҙарға Б.: «стиляга булыу оят түгелме?» – тип нотоҡ һөйләй. Үҙенең бөтә һын-ҡиәфәте, һөйләүе, өҫ-башы кире ҡаҡсытып тора. Исмаһам, аҙнаһына бер сәсен генә тарап йөрөһәсе! Ултырған өҫтәл эргәһендә («Родина» кинотеатрының уҡыу бүлмәһендә) үҙе бырлатып тәмәке тартып ултыра, үҙенең сәсе ялбырҙап тора, ботинкаһы батҡаҡҡа сумып ҡатып бөткән – үҙе нисек итеп ысын культуралы булырға өйрәтә. Күңел болғандырғыс, уҡшытҡыс бер демагогия! Әйе, бындай демагог йөҙ стиляганан да хәтәрерәк! Аҙаҡ үҙе ҡайҙалыр Иҙел буйындағы өйҙәрҙең береһенә – аулаҡҡа китте. Икенсе ҡыҙҙарға!.. Улар ниндәй һүҙ һөйләйҙер – быныһы инде уның «шәхси эше» – ҡараңғы... Бөтә бысраҡлыҡ күберәк ҡараңғыла эшләнә бит?!. Бына һиңә шағир, бына һиңә әҙәбиәтсе! Һинең дуҫың да булырға мөмкин, бер көн килеп, һине һатырға ла мөмкин. Уйлап ҡараһаң, ниндәй күңелһеҙ хәл!.. Ләкин беҙ быға күнеккәнбеҙ, ғәҙәти хәл итеп күрергә өйрәнгәнбеҙ. Етмәһә, теләктәшлек белдерәбеҙ. Был ниндәйҙер егетлек!.. Бына шундай егеттәр инде донъяны, тормошто, йәшлекте ҡап-ҡара дегеткә буяп йөрөйҙәр ҙә. Берәүҙәр асыҡтан-асыҡ, икенселәр төрлө романтика ҡатыштырып, хатта быға үҙҙәре лә ышаналар... Тормоштоң бәләкәй генә картиналарынан был «тормош күренештәре»... 24 август. Төндә И. Груздевтың Горький тураһындағы китабын ҡарап сыҡтым. Материалға бай, ҡыҙыҡлы китап, ләкин тәрән түгел. Тәрәнлек – тик Горькийҙың үҙендә, уның үҙ һүҙҙәрендә. Китаптың яртыһы Горькийҙың автобиографик әҫәрҙәренән, мәҡәләләренән, хаттарынан һәм төрлө кешеләрҙең Горький тураһындағы иҫтәлектәренән килтерелгән өҙөктәрҙән тора. Цитаталар йыйынтығы! Шулай ҙа ғалим йәки әҙип булырға мөмкин... Үҙ фекерең, үҙ фантазияң, үҙ тормошоң булмаһа ла йәшәп була, күрәһең. Әлбиттә, әҙәбиәт һәм сәнғәт тураһында Стефан Цвейг кеүек һөйләргә лә, янырға ла, эҙләнергә лә мөмкин. Ә һуңынан, үҙең теләгән дөрөҫлөктө, матурлыҡты тапмаһаң, үҙ-үҙеңде атып үлтерергә лә ярай. Тик туҡтап ҡына ҡалма. Ярһыған ат кеүек сабып бар, бар ҙа – сәсрәп барып төш! Йә һандуғас кеүек һайра, һайра ла – йөрәгең ярыл да үл! Был хатта матурыраҡ! Рухың һинең алға китә, ә үҙең — юғалаһың да ҡалаһың. Маяковский, Есенин, Фадеев – улар ҙа бар... Төн менән көн буталды. Башҡа әллә ниндәй уйҙар килә. Күңелдә буталсыҡ хистәр. Ваҡыт аҙ ҡалды. Өлгөрөргә кәрәк. Кешеләр ҡамасаулай – эшләргә ултырам ғына тигәндә, Рауил килде, сәй эсте, газета уҡырға тотондо. Уға бөгөн ял. Кешеләрҙең ял көндәре була, һәм һине лә улар ял итә тип уйлай!.. Унан Диҡҡәт Бураҡаев килде – аҙыраҡ һөйләшер һүҙҙәр ҙә бар уның менән. Ләкин һөйләүҙән ни мәғәнә? Күпме ғүмер һүҙ һөйләп үтә! Етмәһә, шул бер балыҡ башы инде... Тағы сәй ҡуйҙым. Ярай әле – бөгөнгә аҡса бар – һый юҡ тип әйтерлек түгел. Унан һуң ашханаға киттек. Көнөнә бер ҡабат йылы аш та кәрәк бит ҡорһаҡҡа. Ашаныҡ. Рауил менән Диҡҡәт киноға китте. Мин ҡайтып эшкә ултырғайным, бөтә Биишевтар килеп инде – Әкрәм, Фуат, Фуаттың ҡатыны – Сажидә апа ике балаһы менән һәм Ләлә. Өйгә балалар тауышы тулды. Күңелле лә, күңелһеҙ ҙә; минең баламдың тауышы етмәй бында; минең ҡатыным юҡ янымда. Сәй яһауҙы Ләләгә ҡуштым. Ҡасандыр ул матур ғына бер ҡыҙ ине. Ҡайһы саҡта беҙ бер партала ултырып уҡый торғайныҡ. Хатта мин уны яратып та йөрөй торғайным булһа кәрәк. Үҙҙәренең йортонда, ҡасандыр бик йәш саҡта, ул миңә шәм яҡтыһында ҡыуыш эсенә урын йәйеп бирҙе. Әйтерһең дә ҡыуыш эсен шәм түгел, ул яҡтырта ине. Шундай матур ине ул төн!.. Һандуғастар һайрай, сиңерткәләр сырылдай, Эйек буйына томан ятҡан. Дала төнөнөң иҫ киткес үҙ матурлығы, үҙ моңо бар. Таң атҡансы мин ҡыуыш ауыҙынан башымды сығарып, күк йөҙөн ҡаплап алған йондоҙҙарға ҡарап яттым. Арала бер йондоҙ айырыуса балҡып емелдәй һәм мин шул йондоҙҙо сәскә кеүек үҙемә өҙөп алғым килә... Ләкин – теймәнем уға. Миңә түгелдер, тинем. Ләлә ҡалды, аҙаҡ уҡытырға китте, иргә сыҡты, ире менән, нишләптер, бергә йәшәй алманылар. Бер балаһы менән Ләлә Өфөгә ҡайтты. Нәшриәткә эшкә инде. Хәҙер ул ҡыҙ – яңғыҙ әсә – бына минең алда ултыра, сәй яһай. Үҙе ни уйлайҙыр, ләкин мин уның тураһында уйлайым. Был да тормош китабының бер бите бит! Тормош, тормош! Күмәкләп урамға сыҡтыҡ. Көҙ һулышы килә. Һары япраҡтар күбәйгәндән-күбәйә бара. Ләкин тәбиғәттә әле матурлыҡ бөтмәгән. Ғөмүмән, тәбиғәттә ул бөтмәйҙер. Көҙҙөң яҙы бар, ҡыштың йәйе бар. Был – мәңгелек. Матурлыҡ – ғәрәп күңелендә, ти Горький. Ләкин бөтә ғәрәп тә ике йәшәмәй шул. Кеше ғүмере бер генә – матурлығы ла уның бер генә – йәшлек, кеше йәшлеге ҡабатланмай. Япраҡтар миңә шул хаҡта шыбырлай... Әкрәм менән хикәйәһе тураһында һөйләштек. Бөгөн уның тәүге әҫәре баҫылып сыҡты. Бөгөн ул бәхетле. Аспирантураға ла саҡырыу ҡағыҙы алған. Ә хикәйәләр яҙасаҡ ул. Бик матур теле. Ысын башҡорт теле бар уның, фантазияһы ла етерлек. Әйтер һүҙе лә күп. Ә хикәйәләге характерҙар, ваҡыты еткәс, тыуасаҡ улар. Ғәжәп – бөтә Биишевтар ҙа яҙа торған кешеләр. «Идиот»ты ҡарарға иткәйнек, билет булманы. Ҡайтып «Сурағол»ға тотондом. Иҫ киткес бай теле!.. 25 август. Көндәр гел ямғырға китте. Болот та болот. Һыу инеп булмай. Офицерҙар йортона барып ашандым да Ағиҙел буйына төшөп киттем. Көн кисләп килә. Ҡояш ҙур бер ҡыҙыл шар кеүек, Ағиҙел күперенә аҫылынып торҙо ла тау артына тәгәрәп төшөп тә китте. Бер аҙ Иҙел ситендә ултырҙым да мин дә һыуға сумып киттем. Һалҡын! Бөтә тән ҡатып, нығып китә. Рәхәт тә. Һыу һағындырып та өлгөргән. Тик һыуыҡ үтмәһә ярар ине. Бер ары, бер бире йөҙҙөм-йөҙҙөм дә, зарядка эшләп, баҫҡыстан йүгереп менә башланым. Тәнгә бер аҙ йылы йүгергәндәй булды. Һыу инеүселәр юҡ, тик кәмәлә йөҙөүселәр, балыҡсылар ғына бөгөн Иҙелдә. Ҡайтҡас, Плехановтың «Адресһыҙ хаттар»ын ҡарап яттым. Ныҡлап, яңынан уҡып сығырға кәрәк булыр. Бөтәһе лә онотолған тиерлек. Нисек кенә рефератҡа тотонорға? Бер ҙә ҡул бармай бит. Әллә нишләнем әле мин. Ни уҡып булмай, ни яҙып булмай. Кисәге төнө буйы татар мәҡәлдәрендә ултырҙым. Татар мәҡәлдәре биш йөҙгә лә тулмай. Минеке ике меңгә етеп килә! Ҡайһы бер мәҡәлдәрен күсереп алдым. Ләкин быларҙың күбеһе миндә бар. Китапта баҫылған мәҡәлдәрҙе уҡығанда, бер шик тыуа: беҙҙә лә, татарҙа ла «мәҡәл яһау һөнәре» бар. Ысын халыҡ мәҡәлдәрен йыйыу урынына фольклористар үҙҙәре «күт аҫтынан» мәҡәл сығарып ултыралар. Ярай ҙа әле мәҡәлдәре мәҡәл булһа, әллә ниндәй туҙға яҙмаған «афоризмдар» килеп сыға: «Йылан менән дуҫ булма – ағыуланырһың», имеш! Шул мәҡәл булдымы инде? Крылов басняһының морален тәржемә итеп алалар ҙа, бына һиңә мәҡәл килеп сыға. Крылов бындай кәсепте белгән булһа, моғайын, мәҫәл яҙыр ине был хаҡта! Ярай әле Крылов урынында Михалков ҡына! Юҡһа, беҙҙә шундай тапҡыр мәҡәл сығаралар – иҫ китә: яҙ етһә – ҡар ирер, көҙ етһә – ҡар яуыр! Асыҡһаң – ашарға кәрәк! «Ну и логика!» Кирәйҙең «мәҡәлдәре» ҡайҙан тиһәм, ул да, меҫкенең, татарҙан урлай икән!.. Бер көн үҙенә был хаҡта әйткәйнем, яратманы – хәҙер шуны эсендә һаҡлап йөрөй. «Был юл менән китһәң, ҡустым, бик ҡыйынға тура килер үҙеңә», – ти. Күрәһең, тура әйткән туғанына ярамай. Мәҡәлдәр тураһында мәҡәлдәр рустарҙа күп: Пословица недаром молвится. Без пословицы не проживешь. Добрая пословица не в бровь, а прямо в глаз. На пословицу ни суда, ни расправы. Пословица несудима. Старая пословица век не сломится. Пословица плодуща и живуща. Не всякое слово пословица. На всякое слово есть пословица. Пословица не покорница, а с нею добро. На твою спесь пословица есть. Не всякая пословица при всяком молвится. Хороша пословица в лад да в масть... һ. б. Мәҡәлдең үҙе тураһында Далдән әллә күпме мәҡәлдәр табырға була. Ләкин беҙҙә мәҡәлдәр ни тиклем генә күп булмаһын, мәҡәл тураһында мәҡәл юҡ, минеңсә. Сөнки «мәҡәл» һүҙе – беҙҙең һүҙ түгел. Мәҡәл ғәрәп һүҙе, беҙгә татарҙар аша ингән китап һүҙе бит. Халыҡта был һүҙ элек бөтөнләй ҡулланылмаған булырға тейеш. Сөнки ул һуңыраҡ килеп ингән беҙгә. Ә мәҡәлдәр быуаттар буйы тора, эшләнә, юныла, ҡойола. Шунлыҡтан «мәҡәл» һүҙенә мәҡәл дә юҡ тиерлек. Сөнки ул һүҙҙе берәй бабайға әйтһәң, аңламай ҙа тора әле ул. «Йә, бабай, берәй боронғолар һүҙе, ололар һүҙе әйтеп ташла әле», – тиһәң генә аңлай ул мәҡәлде. «Һүҙ ыңғайында ғына сыға бит ул, аны ҡалайтып әйтәһең инде, кәрәк саҡта иҫкә төшәме һуң ул», – тип ул үҙе лә һиҙмәҫтән берәй мәҡәл әйтеп ысҡындыра шунда. Ә Кирәй мәҡәлде руссанан тәржемә итеп, йә үҙе сығарып «мәҡәл» төҙөй ҙә, бына мәҡәл, тип уҡыусыларға тәҡдим итә. Ләкин быны «халыҡ ижады» тип атаһаҡ, дөрөҫ булырмы һуң? Ниңә үҙебеҙҙең ижадты «Халыҡ ижады» тип атарға? Быға әллә халыҡ мохтажмы? Ниңә булмаған нәмәне бар тиергә? Бының менән беҙ халыҡ ижадын кәмһетәбеҙ генә, ә бер нисек тә байып тормайбыҙ. Алтынға ниңә баҡыр буярға? Руста мәҡәл тураһында мәҡәл бар икән, беҙҙә лә булған һүҙ түгел әле ул. Рустарҙа «самовар» булған, беҙ уны «самауыр» тип алғанбыҙ. «Горшок» «көршәк»кә әйләнгән. «Деготь» – «дегет»кә. «Арыш» – «рожь», «өҫтәл» – «стол»дан, «ҡуласа» – «коле-со»нан. Һәр нәмәнең тарихы бар. Һәр нәмәнең исеме тураһында ла уйлап ҡарарға кәрәк. Рустарҙа булмаған нәмә беҙҙә булырға мөмкин. Һәм ул шулай ҙа. Тик дөрөҫөн әйтергә кәрәк. Рустарҙа ла төрлө төрки телдәренән ингән һүҙҙәр күп. Ә «пословица» бик боронғо рус һүҙе. Был хаҡта уларҙың мәҡәлдәре үк әйтеп тора. Был һүҙ Далдән әллә ҡасан элек булған. Даль уны «послову» тигән һүҙ эргәһенә (гнездоһына) индерә. Пословье, пословка – присловье или поговорка, оборот речи и способ выраженья. Пословица – краткое изреченье, поученье, более в виде притчи, иносказанья, или в виде житейского приговора; пословица есть суть языка, народной речи, не сочиняется, рождается сама; это ходячий ум народа; она переходит в поговорку или простой оборот речи, а сама о себе говорит: «Пословица не даром молвится. Пословица не на ветер молвится!!!» Кирәй журналға мәҡәлдәр тураһында мәҡәләһен килтергәндә бына шул хаҡта бәхәсләшкәйнек. Хәҙер ҙә мин үҙемде яңылышҡанмын тип иҫәпләмәйем. Тик мине Кирәйҙең тоны, һүҙҙәре ғәжәпләндерҙе. Ул миндә әллә ниндәй дошманын күрҙе. Хәҙер бына, уңайы тура килгәндә, нисек булһа ла миңә аяҡ салырға тырыша. Йәнәһе мин тәкәббер, нигилист, ә ул үҙе инде – был эштә теше сыҡҡан белгес! Уға ҡаршы минең кеүек малай-шалай һүҙ ҙә әйтергә тейеш түгел. Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ. Тик рефератҡа был хаҡта яҙыу ярармы икән? Бәхәсләшәһе нәмәләр байтаҡ. Йырҙар тураһында ла һүҙ әйтәһе бар. Бына тураһын әйтһәң инде, рефераттың үтмәүе лә бар. Улар бит түрә!.. 26 август. Надя ҡайтты! Салауат ауылда ҡалған. Өйгә йән керҙе, тормош башланды. Күңелдәге бушлыҡ бөттө. Йәтим бала инәһен тапҡан кеүек булдым. Ҡыҙыҡ. Тимәк, беҙ бер-беребеҙҙән башҡа йәшәй алмайбыҙ. Был яҡынлыҡ тик айырылып торғанда ғына беленә. Нисә ҡабат инде быға яңынан ышанырға тура килде. Башта, нисектер, быларҙың бөтәһе лә сәйер төҫлө. Хатта бер-береңдән ятһынған кеүекһең, һуңынан – бөтәһе лә элеккесә үҙ урынына ҡайта. Тормош яңынан башлана. Мин һаҡлаған бөтә тәртип юҡҡа сыға һәм был тәртипһеҙлектә ниндәйҙер тәртип бар. Йылылыҡ тула өйгә, һәр нәмә терелә, йәшәй башлай, нурға сума. Ләкин мин быға тиҙ генә күнегеп етмәйем шикелле. Һәр бер яңы хәрәкәткә эстән генә ҡаршы торола, ризаһыҙлыҡ белдерәһе килә. Яңғыҙлыҡ, күрәһең, кешенең бөтә кешелеген һыуыта. Юҡ, һүҙҙәр дөрөҫ сыҡмай. Дөрөҫөрәге, был яңылыҡты яҙырға һүҙҙәрем юҡ минең. Бергә ҡалаға сыҡтыҡ. Урамдан атлауы ла нисектер башҡаса: еңел һәм уңайһыҙ кеүек... Кис кенә бөтәһе лә үҙ урынына ултырып бөттө. Мунсаға барҙыҡ, Офицерҙар йортонда ашап сыҡтыҡ та өйгә ҡайттыҡ. Бер ҡайҙа ла бараһы килмәй. Уҡыйһы ла килмәй. Тиҙерәк бөтә донъяны онотоп бергә, бер тәнгә әйләнәһе генә килә һәм утты һүндерҙек... Бик һағындырған. Тирлэнек, яндыҡ. Надя иҙерәп йоҡлап китте, мин утты яндырып, яңынан Далгә тотондом. Йоҡо килмәй, уҡыйһы ғына килә. Бөтә был яңылыҡты шундай матур, шундай дөрөҫ итеп һүрәтләйһе килә. Ләкин минең һүҙҙәрем етмәй һәм был хаҡта яҙып та өйрәнелмәгән... Ғөмүмән, шатлыҡ һәм бәхет, тыныслыҡ һәм рәхәтлек тураһында беҙ яҙа ла белмәйбеҙ. Кеше ҡайғыға ғына күнеккән. Кешегә ҡайғы ғына шиғри. Был әҙәбиәттә лә, тормошта ла шулай. Ғәжәп күренеш был. Был хаҡта минең күп уйлағаным бар. Ләкин ни өсөн бының шулай булыуын һаман да төшөнөп етә алмайым. Бәхетте тойорға, күрергә генә мөмкин, ә күрһәтеү ауыр... 27 август. Шул уҡ хистәр, шул уҡ уйҙар. Бергә ашау, бергә йөрөү, бергә йоҡлау. Тик көндөҙ генә мин бер үҙем. Надя, мин эшләһен өсөн, үҙ эштәре менән ҡалаға сығып китте. Библиотеканан «Йәш гвардия»ны алып ҡайтҡан, баҙарҙан – помидор, ә магазиндарҙа йөрөп әллә күпме «кәрәкле нәмәләр» күргән!.. Ләкин беҙҙең аҡса бик иҫәпле. Китап сыҡмайынса тороп, бер ҡайҙан да килер ере юҡ!.. Кис «Родина» театрында «Алтын симфония» тигән австрия картинаһын ҡараныҡ. Тик картинаны ҡарауҙан бигерәк билет табыу ҡыҙыҡлыраҡ булды. Билеттар һатылып бөткән. Ләкин бер картинаны күрәйем тигәс, күрмәйенсә ҡайтҡы килмәй. Һәр кешенән «артыҡ билетығыҙ юҡмы?» тип һорау алаһың. «Юҡ», тиҙәр. Шулай ярты, бер сәғәт буйы йөрөйһөң театр алдында. Был үҙе бер картинаға әйләнә! Өмөт, шатлыҡ, үкенеү, асыу килеү – бөтәһе лә кисерелә... Һәм бына – ике билет!.. Ләкин картинанан күңелдә бер ни ҙә ҡалмай. 28 август. Ярай, рефератҡа тотонорға кәрәк. Нисек башларға? Нимәнән? Мөхтәр Сәғитов менән бергә яҙа башлаған мәҡәләне дауам итергәме, әллә бөтөнләй башҡаса яҙырғамы? Нисек яҙһаң да шул уҡ бер фекер, бер нәмә – «Йыяйыҡ башҡорт халыҡ ижадын, өйрәнәйек уны һәм үҙебеҙ ижад итәйек». Төп фекер шул. Шуны киңәйтеп, хәҙерге башҡорт фольклористикаһының торошо тураһында яҙырға кәрәк. Тәүҙә башҡорт халыҡ ижадының байлығын, күп төрлө булыуын, үҙенсәлеген, әһәмиәтен билдәләргә һәм уны йыйыуҙың, өйрәнә башлауҙың тарихына туҡталырға һәм хәҙерге эште асыҡларға, «Башҡорт халыҡ ижады»ның ике томына ҡарата ҡайһы бер фекерҙәр әйтергә һәм артабан эшләү өсөн үҙемдең тәҡдимде индерергә кәрәк. Ҡыҫҡаса план шулай тора. Ләкин ваҡыт бик аҙ ҡалды инде. Ярай, хәйерле булһын – башлайым. 26 сентябрь. Бына бер ай инде мин бер туҡтауһыҙ фольклор менән һаташам. Башҡорт халыҡ ижады тураһында ни яҙылған – шуларҙы уҡыйым, ҡулға ни эләгә – шуларҙы аҡтарам. Китапханаларҙа, китап палатаһында иҫке каталогтарҙы, газета һәм журналдарҙы аҡтарам. Ләкин библиография, картотека эше беҙҙә ифрат насар тора икән, бөтә нәмә ташландыҡ хәлдә. Күп нәмәләр 1937 йылдан һуң юҡ ителгән, ә булғандарына бер ниндәй ҙә иғтибар юҡ. Китап палатаһында хатта газеталарҙың подшивкалары ла тулы түгел. Һуғыш ваҡытында методик кабинеттың директоры булып торған бер бәндә газета подшивкаларын урлап, һатып эскән, һәр газетаны спекулянттарҙан өсәр һумға һаттырып, тәмәке ҡағыҙы итеп яндыртҡан. Шулай итеп, был әҙәм аҡтығы тарихты яндырған!.. Хәҙер инде уларҙы башыңды ташҡа ороп илаһаң да таба алмаҫһың!.. Булһа тик Мәскәүҙә, Ленин библиотекаһында ғына булырға мөмкин. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосының Мөхәмәтша Буранғол яҙып алған бер вариантын 1940 йылғы «Октябрь» журналынан күсереп алдым. Ә шул уҡ Буранғол тарафынан яҙып алынған икенсе бер варианты «Башҡортостан» газетаһында булған, ә уның башы шул яндырылған подшивкаларға эләккән. Был бик ҡыҙыҡлы вариант булырға тейеш. Ә Нәҡи Иҫәнбәт тарафынан яҙып алынған өсөнсө бер вариантын татарса «Коммуна» газетаһынан таптым. Ләкин был вариант бөтөнләй башҡаса, һәм ысын халыҡ эпосы булыуҙан алыҫ тора. Нәҡи Иҫәнбәт уны, Татарстанға киткәс, татар халыҡ эпосы итергә маташып ҡараған булһа кәрәк һәм бөтә эште һәләк иткән. Бының арҡаһында, Үҙәк комитеттың ҡарары буйынса башҡорт эпосы ла юҡҡа сыҡҡан. Был ҡарарҙан һуң эпостарҙы йыйыу һәм өйрәнеү эше бөтөнләй туҡтап ҡалған. Иҫ киткес ҡыҙғаныс хәл... Беҙҙең «ғалимдар» бынан һуң эпосҡа бөтөнләй ҡул һелтәгәндәр. Белмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә хәҙер. Белмәгәндең беләге тыныс бит. Ләкин фольклористикаға был бик ҙур зыян килтергән. Бынан тик беткә үсегеп тунды утҡа яғыу ғына килеп сыҡҡан. Кемдеңдер иҫ киткес ғәмһеҙ ҡулы менән ҡаш ҡуям тип күҙ сығарылған! Бына бер ай и