Рамазан Ҡотошов. Халыҡ шағиры

Сверстники и собратья по перу

Йырын йырлап бөтмәй,
Янды инде
Яҡты ғүмер – аҫыл шағирҙар.
Т. Йосопов

Һәр нәмәнең үҙ исеме бар. Йәнһеҙҙәренең дә, йәнле, аҡылға эйә булғандарының да. Бала Донъяға килеү менән, уның ата-әсәһе баш вата: кем тип ҡушырға, ниндәй исем бирергә? Бәғзе балаларға ата-әсәһе ҡушҡан исем шул тиклем йәбешеп китә, әйтерһең дә, ул ошо исемде биләр өсөн тыуған. Ә икенселәре, ниндәй генә бөйөк булырлыҡ исем ҡушһаң да, уны аҡлай алмай, меҫкен хәлендә ҡала.
Ҡайһы бер кешеләргә үҙе үҫкән дәүерҙә ниндәй генә ҡушаматтар тағылмай; уларҙың ҡайһы берҙәре ҡыҫҡа ғүмерле булып, оҙаҡламай онотолоп та ҡуя, ә бәғзе берҙәре кешене ғүмер буйы оҙатып барып, эйәһе үлгән хәлдә лә, ошо ҡушаматы бер ни тиклем ваҡыт йәшәй әле.
Сәнғәт, әҙәбиәт әлкәһендә был мәсьәлә икенсерәк хәл ителә. Ҡайһы бер шағир ғүмере буйына ижад итеп тә (үҙенә ҡалһа, һәйбәт шиғырҙар яҙып та), уҡыусыларҙың иғтибарына, һөйөүенә лә лайыҡ була алмай; икенселәре, әйтәйек, уҡыусыларының байтаҡ өлөшөндә һөйөү табып, рәсми органдар тарафынан халыҡ шағиры (яҙыусыһы, артисы) тигән исемгә лә лайыҡ була, ә өсөнсөләре инде иң тәүге шиғырҙары менән үк халыҡ исеменән, уның уйлағанын шиғыр (сәнғәт) теле менән әйтеп бирә...
Борон-борондан шулай килгән. Халыҡ сәсәндәре, тура һүҙле, түрәләр яғына аумаҡайланмаған шағирҙар йәшәп килгән. Халыҡтың күпселек өлөшө ниндәй ауыр көндәр кисермәһен, – сәсәндәр улар менән бергә, улар күтәргән ауырлыҡты бергә күтәрешкән, илгә яу килһә, яуға бергә сапҡан, башҡа төрлө ҡыйынлыҡтар төшһә, уларҙы ла уртаҡлашҡан. Халыҡты ил баҫҡынсыларына ҡаршы яуға күтәрелергә, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға өндәгән.
Рәми Ғариповты ана шул өсөнсө төркөм шағирҙарына индерер инем мин. Ул иң тәүге шиғырҙарынан уҡ үҙ халҡы, үҙ милләте исеменән мәғәнәле һүҙ әйткән шағир. Ысынлап та:

Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен, –

тип әйтергә уның хаҡы бар.
Шағир ғүмеренең бөтә яҡтарын байҡауға дәғүә итмәйенсә, мин уның менән «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләгән йылдарым хаҡында ғына һүҙ алып барырға ниәт тотам.
Шуғаса Рәми Ғариповтың үҙен күрергә насип булмаһа ла, ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан шиғырҙарын уҡығаным бар ине. Алтмыш икенсе йылда «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләй башланым. Ул ваҡытта бөтә редакциялар ҙа Пушкин менән Аксаков урамы мөйөшөндәге өс ҡатлы йортта урынлашҡайны.
Минең бәләкәй генә бүлмәм әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге менән йәнәшә. Дөрөҫөрәге, мин, үҙемдең бүлеккә үтеү өсөн, ошо бүлек аша инеп китергә тейешмен. Әҙәбиәт бүлегенә республикабыҙҙың күренекле яҙыусылары ла, шағирҙары ла, театр эшмәкәрҙәре лә, музыка белгестәре лә, композиторҙар ҙа, рәссамдар ҙа йыш килә. Мин уларҙың күбеһен танып беләм.
Берҙән-бер көндө ошо бүлектә уртаса буйлы, бөҙрә сәсле, һәр саҡ көлөмһөрәп һөйләшкән бер егетте күрҙем. Ул ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡулын биреп:
— Рәми Ғарипов, – тип күреште.
— Үҙегеҙҙе күреп белмәһәм дә, шиғырҙарығыҙҙы уҡығаным бар, – тип күрештем.
— Шиғыр тип ебәрҙегеҙ ҙә, улар есеменә тура килерлекме һуң? – Баҫалҡы ғына үҙ фекерен төйөнләп әйтеп ҡуйҙы Рәми.
— Миңә оҡшанылар, – тинем мин.
Ишетеүемсә, ул быға тиклем үҙенең тыуған яҡтарына – Салауат районына ҡайтып эшләп килгән, Өфөгә яңыраҡ күсенеп, беҙҙең редакцияға эшкә инергә теләген белдергән икән.
Шағирҙы, ул саҡта уҡ ҡыйырһытырға ынтылалар икән, тигәндәрен дә ишеткәйнем. Күрәһең, шуғалыр ҙа инде, гәзитебеҙҙең редакторы башта, беҙҙә һиңә тәҡдим итерлек вазифа юҡ, тип әйтеп һалған, имеш, тип тә һөйләгәйнеләр. Редакция кешеләре әйткеләгәнмелер, ни сәбәптәндер, аҙағыраҡ редактор йомшара төшөп, корректор урыны бар, тик фатир вәғәҙә итә алмайым, тип әйткән, имеш.
Әле мин танышҡан мәлдә кем булып эшләгәндер, хәтерҙә ныҡ һаҡланмаған. Тик, ошо күрешеүҙән һуң, уның йыш ҡына редакция бинаһында йөрөүен беләм.
Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә, башта әйтеп киткәнемсә, оло әҙиптәр генә түгел, йыш ҡына йәш яҙыусылар тип аталған кешеләр ҙә йыйылып, бәхәсләшеп китә торғайны.
Берҙән-бер көндө күрше бүлмәлә тауыш, бәхәс ҡубып киткәнен ишетеп ултырам. Тик минең улар янына сығып, көсәйеп киткән бәхәстең теге йәки был яғына ҡушылып, уны сисергә ярҙам итергә форсатым юҡ. Бер мәҡәләне эшләп бөтөрөп, машинкаға баҫырға бирергә ашығам.
Ишек асылып китте лә ярһыған Рәми беҙҙең бүлмәгә килеп инде:
— Ғәфү үтенәм, ағай кеше, һеҙҙең фекерҙе белге килә. Бына беҙ, нимә ул бәхет, тигән бәхәскә инеп киттек. Осона сығып булмай. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Нимә ул бәхет? Бындай һорауҙы көтмәгән кеше, мин, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ысынлап та, ҡапыл ғына бындай һорауға яуап биреү еңел түгел.
— Миңә ҡалһа, әгәр ошо алдымда ятҡан мәҡәләне бөгөн эшләп, машинкаға баҫырға бирһәм, шул бәхет! – тинем мин.
— Бына шәп әйтте ағай. Мин нимә тип бәхәсләштем! Минең фекерҙе раҫланығыҙ бит, ағай.
— Ә һеҙ нимә тип бәхәсләшкәйнегеҙ? – тип һорау ҡуйҙым мин үҙ сиратымда.
— Минеңсә, бәхет бер ҡатлы ғына нәмә түгел. Кешенең бөгөнгө көндә көткән хыялы бар, киләсәктә көткәне... Тегеһе лә, быныһы ла бәхет төшөнсәһенә инә түгелме?
«Совет Башҡортостаны» гәзитенең алтмыш икенсе йылдың 3 июль һанында Рәми Ғариповтың бер шәлкем шиғырҙары баҫылып сыҡты. Араһында «Бәхет» тигән шиғыр ҙа бар ине. Унда шундай һүҙҙәр ҙә урын алған:

Әгәр булһаң юлда,
Бәхет алда
Һинең барып етер урының.
Оҙаҡ ямғырҙан һуң,
Бәхет һымаҡ
Иркәләүе ҡояш нурының...

Шағир һәр кемде бәхетле күргеһе килгән. Һәр кемдең бәләкәй генә уңышын да бәхеткә һанай. Ысынлап та, бәхет шунан йыйыла торғандыр. Ә үҙенең бәхете хаҡында уйланымы икән Рәми? Күрәһең, уйламағандыр. Әгәр уйлаған булһа, ул үҙенә, үҙенең һәләтенә торошло хеҙмәт таба алмаҫ инеме ни? Үҙенә, ғаиләһенә йәшәрлек урын алырға ул хаҡлы түгелме ни?
«Әгәр уйлаған булһа», тинек. Уның был хаҡта уйланыуы, башҡа эшмәкәрлек күрһәтергә тырышыуы хәҙер көн кеүек асыҡ. Әммә... Йәмғиәтебеҙҙә килеп сыҡҡан хаталар тураһында халыҡ исеменән туранан-тура әйткән кешегә кем генә уңайлыҡтар эшләргә ынтылһын!
Баштараҡ әйтеп үткәйнем инде, уны хатта үҙ телендә сыҡҡан гәзит редакцияһына ла алырға теләмәнеләр. Шулай булғас, ҡайҙан кеше рәтле йәшәү мөмкинлеге, торлаҡ мәсьәләләре хәл ителә алһын!
«Совет Башҡортостаны» гәзитенең алтмыш икенсе йылда сыҡҡан 4-се һанында (5 ғинуар, 1962 йыл) «Бер шиғыр тураһында (редакцияға хат)» тигән мәҡәлә баҫылып сыға. Ул саҡтағы хәлде күҙ алдына баҫтырыу өсөн ошо мәҡәләнән өҙөк килтереп китәйек. «Өфөлә һәр йыл аҙағында йылдың поэтик йомғағын яһау – шиғыр кисәһе үткәреү һәйбәт бер йолаға әйләнде. Быйыл да шулай булды: поэзия һөйөүселәр һәм башҡорт шағирҙары, яҡты ҙур залға йыйылып, шиғыр теле менән һөйләште.
Ошо шиғыр кисәһендә башҡалар араһында йәш шағир Рәми Ғарипов та сығып һөйләне. Билдәле булыуынса, ул колхозсылар һәм совхоз эшселәре араһында, Салауат районында йәшәй. Тормоштоң төпкөлөнән – Йүрүҙән буйҙарынан килгән шағир беҙҙе ниндәй яңы шиғри табыштар, поэтик образдар менән ҡыуандырыр икән? Ошо һорау бик тәбиғи ине. Ләкин... Рәми Ғариповтың сығышында беҙҙең ҡайнап торған тормош һулышы, бөгөнгө көндөң ҡыйыу аҙымдары, йәш шағирҙың тиҫтерҙәренең уй-тойғолары бик тоноҡ сағылғайны. Өҫтәүенә, уның сығышында күптәрҙе шаҡ ҡатырырлыҡ бер ваҡиға булды. Шул ... ҡайһы берәүҙәрҙе борсоуға һалды ла инде».
Гәзиттә баҫылған мәҡәлә авторы «Тағы ла туған тел тураһында» тигән шиғырҙы килтермәй. Был уның өсөн ҡобайыр стиле менән яҙылған уртаса әйбер ине... «Тағы ла... тигән һүҙ ҡолаҡты ярҙы. Ни өсөн тағы ла? Беҙҙең туған телгә ни булған икән?» – тип автор риторик һорау ҡуя ла, шағирҙың элегерәк баҫылған шиғыры «Туған тел»де тәнҡитләй башлай. Унда шундай строфа бар:

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Мәҡәлә авторы үҙ нәүбәтендә шундай һорау ҡуя:
«Һорарға рөхсәт итегеҙсе: кем һуң беҙҙең туған телде – башҡорт телен башҡа теләһә ниндәй телдән кәм күрә? Ғөмүмән, тел менән телде ҡаршы ҡуйыу беҙҙең йәмғиәт, беҙҙең заман өсөн хас күренеш йәки проблема булып торамы?»
Шағирҙың нескә күңеле алтмышынсы йылдарҙың башында уҡ туған телдәрҙең бөтә барыуын һиҙемләүен уйлайһың да хайран ҡалаһың! Нәҡ ошо туған тел хаҡында баҫылып сыҡҡан шиғыр мәлендә туған телдәргә ҡаршы һөжүм башланды бит. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә беренсе кластан башлап балаларҙы рус телендә уҡытыуға күсеү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, барлыҡ уҡыусылар аралашыу теле хеҙмәтен үтәгән рус телендә белем ала башланы. Мәктәпкәсә балалар учреждениеларында тәрбиә тик рус телендә генә башҡарылды. Ошо арҡала туған телдә уҡыусылар һаны бермә-бер кәмене, туған телдә барған театрҙарға йөрөүсе тамашасылар күҙгә күренеп аҙайҙы... Телебеҙ бер телдән дә кәм түгел тиһәк тә, партиябыҙҙың, совет хөкүмәтенең торғонлоҡ йылдарында алып барған сәйәсәте ярҡаһында туған телдәрҙе кәмһетеү ысынбарлыҡта ғәмәлгә ашырылыуын күрмәй мөмкин түгел. Шағир һиҙелмәүе раҫ булып сыға түгелме?
«Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылған ошо мәҡәләнең аҙағындағы һүҙҙе төйөнләп әйтергә тейеш булған абзацты ла килтерәйек: «Рәми Ғарипов, күтәрмәҫ ерҙә күҫәк күтәреп, үҙен туған телдең берҙән-бер яҡлаусыһы, үҙен берҙән-бер «милли шағир» итеп күрһәтергә ынтылыуы һәм шуның менән үҙенә ниндәйҙер капитал тупларға маташыуы, йомшаҡ итеп әйткәндә, сәйер һәм ҡыҙғаныс».
Тормош шуны күрһәтте: шағир тел мәсьәләһен бик тә ваҡытлы күтәреп, милләттәрҙең көсөн, энергияһын ошо хаталарҙы төҙәтергә йүнәлтергә ынтылған, әммә үҙ ваҡытында уны аңлаусылар, яҡлаусылар табылмаған. Хәҙер беҙгә шуныһы ап-асыҡ: Р. Ғарипов күтәрмәҫ ерҙә күҫәк күтәрмәгән, быны уны тәнҡитләргә ынтылған аҡыллы баштар эшләгән. Ә Рәми Ғарипов, ысынлап та, туған телде берҙән-бер яҡлаусы, берҙән-бер милли шағир булып ҡалды.
Бергә эшләгәс, Рәми Ғариповтың шағир сифатында ғына түгел, ә ябай граждан сифатында туған телде һаҡлап ҡалыу өсөн нисек көрәшеүен әйтмәй булдыра алмайым. Алтмыш икенсе йылдың йәйенән башлап, барлыҡ автономиялы республикаларҙа туған телдә баҫылып килгән гәзиттәрҙе ябалар, улар ошо республикаларҙа рус телендә баҫылған гәзиттәрҙең тәржемәһе рәүешендә генә (дубляж) ҡаласаҡтар, тигән хәбәр таралды.
Ошо хәбәр Рәмигә үтә ныҡ тәьҫир итте. Быға тиклем туған телде яҡлап сығыш яһаған кешенең, ошо телдә баҫылған гәзитте ябыу тураһындағы хәбәрҙе ишеткәндән һуңғы кисерештәрен аңлау ҡыйын түгел.
Алтмыш икенсе йылдың ноябрь айҙары булһа кәрәк. Рәми гәзиттең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй ине. Бер көндө ул, бик ярһып, беҙҙең бүлмәгә килеп инде. Минең «ултыр» тип әйткән һүҙемә лә иғтибар итмәйенсә, бәләкәй генә бүлмәлә тегеләй-былай йөрөндө лә:
— Ағай, шуны әйт әле миңә, мин аңлай алмайым. Нисек инде ул граждандар һуғышы заманында, Бөйөк Ватан һуғышы көндәрендә сыҡҡан гәзит бөгөн сыға алмаһын, ти.
— Кем ябырға уйлай гәзитте? Буш һүҙҙер ул, – тип уны тынысландырырға ынтылдым.
— Эх, ағай, шулай ғына булһа икән! Минең дә ышанғым килмәй. Тик...
— Тик имеш-мимеш хәбәрҙәр бик ныҡ таралды, тип әйтергә итәһең инде...
— Имеш-мимеш кенә түгел шул, ағай, рәсми органдар ҙа шуны һөйләй. Хатта беҙҙең гәзиттең ябылыу көнөн әйтеп бирәләр...
Ысынлап та, гәзит ябылыу хаҡында йөрөп ятҡан күрәҙәлек – имеш-мимеш хәбәрҙәр генә түгел ине. «Совет Башҡортостаны», «Ҡызыл таң» гәзите редакцияларында журналистар бик борсолоп, был хәбәрҙәр хаҡында һүҙ йөрөтә, ҡайһы берҙәре икенсе урында эш эҙләй башланы. Редакцияның дөйөм милке булып торған ҡайһы бер нәмәләрҙе профсоюз ойошмаһы вәкилдәре һата ла башланы. Редакцияла эшләгән журналистарҙың эш өсөн яныуҙары юҡ дәрәжәһенә төштө. Шулай булһа ла, өйрәнгән ергә, редакцияға киләбеҙ, материалдарҙы илке-һалҡы ҡараштырабыҙ, гәзит биттәрендә сығырлыҡтары булһа, секретариатҡа тапшырабыҙ. Элекке һымаҡ, редакцияның ҡайнап торған сағын күреүе ҡыйын ине хәҙер.
Ошондай күңелһеҙ уйҙар менән алтмыш өсөнсө яңы йылды ҡаршы алдыҡ.
Көн артынан көндәр үтеп торҙо. Февраль айы ла килеп етте. Февралдең егерме бере булһа кәрәк, бүлмәмә Рәми бик моңһоу ғына килеп инде.
— Халҡыбыҙ өҫтөнә ошондай һәләкәт, бәлә килгән көндәрҙә нисек интеллигенция тыныс ҡына йәшәй ала икән? – тип һүҙ башланы ул.
— Ә нимә эшләйек һуң, Рәми? – тинем мин, уны бер аҙ күңелләндерергә тырышып.
— Нимә булһа ла эшләргә кәрәк. Ҡул ҡаушырып ултырып ни эш ҡыраһың? Әле редакторға ингәйнем: Үҙәк Комитетҡа ҡаршы барып булмай бит, ти. Башҡа республикаларҙа эштең яңы формаһына күскәндәр ҙә инде, ти.
— Мин ул тиклемен белмәй инем әле, – тинем мин, Рәми һөйләгәндәргә ышанмай.
— Бына нимә, минең башҡа шундай уй килде, ағай, – тип ҡыҙып һөйләй башланы Рәми. – Әйҙәгеҙ, баш күтәрәйек һуң, элек башҡорт батшанан да ҡурҡып тормаған да инде...
— Уныһы шулай. Әле был уй-фекерҙәреңде икенсе урында әйткәнең булдымы? – тип һорап ҡуйҙым мин.
— Бер-ике кешегә әйтеп һалдым, буғай. Тик редакторға улай өндәшмәнем.
— Уныһы һәйбәт. Былай эшләйек, – тинем. – Мин хәҙер башҡа республикаларға шылтыратып, хәлдәрен беләйем. Улар, ысынлап та, яңы формаға күскәндәрме? Әгәр беҙ күтәрелеп сыҡһаҡ, беҙҙе яҡлашырҙармы?
— Дөрөс, уларҙың хәлен белеү – һәйбәт эш, – тип дәртләнеп китте Рәми. – Тик бына баш күтәреү хаҡында телефон аша һөйләшеү, минеңсә, кәрәкмәҫ...
— Мин үҙем дә шулай уйлай инем. Ысынлап та, уныһы кәрәкмәй. Былай итәбеҙ...
— Уныһын мин дә уйланым. Һеҙ республикалар менән һөйләшегеҙ. Ә беҙ (ул бер-ике тоғро иптәштең фамилияһын атаны) Өфөлә йәшәгән барлыҡ интеллигенция вәкилдәренә шылтыратып сығабыҙ. Иртәнән һуңға, йәғни 23 февраль көнө, КПСС-тың өлкә комитеты алдына килегеҙ, тип хәбәр итәбеҙ. Ни өсөн тиһәләр, килгәс күрерһегеҙ, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ.
— Әйҙә шулай эшләйбеҙ. Тимәк, эшкә...
Мин Ҡазанға, Чебоксарға, Йошкар-Олаға, Саранскиға, Ижевскиға, Нальчикка, Якутскиға шылтыраттым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә урындан да ҡыуаныслы хәбәр ала алманым. Һәр ерҙә лә туған телдә сыға торған гәзиттәрҙе ябыу кәрәклеге тураһындағы КПСС Үҙәк комитетының ҡарарына буйһонғандар, гәзиттәр ябыу мәсьәләһен ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә эшләп яталар.
Иртәгеһен иртүк Рәми беҙҙең бүлмәгә йылмайып килеп инде.
— Ни булһа ла була инде, – тип хәбәр һалды ул. – Беҙ үҙебеҙ белгән барлыҡ милли интеллигенция вәкилдәрен иртәгә, 23 февралгә өлкә комитет янына саҡырҙыҡ...
— Тимәк, баш күтәреү... – тип ҡуйҙым мин. Социализм төҙөйбөҙ тип йөрөгән 60-сы йылдарҙа партияның, хөкүмәтебеҙҙең ҡарарҙарына ҡаршы сығыу осраҡтары әлегәсә булғаны юҡ. Ни булыр... Хәйерлегә булһын. – Ярар, иртәгәһе көндө көтәбеҙ инде.
— Барыһы ла яҡшы булырға тейеш, – тип ҡуйҙы Рәми. Шулай итеп, бер-беребеҙҙе тынысландырырға тырыштыҡ.
Рәми сығып китте.
Мин уның үҙен ошолай батырҙарса тотоуы хаҡында уйландым. Әллә, ысынлап та, Салауат тыуған ер гел генә батырҙар тыуҙырамы? Әллә шундай егеттәре булған өсөн ул яҡтар Салауат рухын бөгөн дә һаҡлай алалармы? Икеһе лә дөрөҫ һымаҡ.
Шағирҙың ижадына күҙ һалһаҡ, уның тыуған яҡтарын өҙөлөп һөйөүен күрмәү мөмкин түгел. Поэзияла тапҡан һәр бер образы, һәр поэтик биҙәге, тамыр һымаҡ тармаҡланып һәм тығыҙланып ауылға, ғәзиз «Әсә ҡулдары»на, «Ялан сәскәләре»нә, «Урал йөрәге»нә һәм шиғри йылға «Йүрүҙән»гә барып тоташҡан түгелме һуң?
һәр шағирҙың үҙ йылғаһы, диңгеҙе, күле була. Рәми өсөн ул – Йүрүҙән. Миңә лә ошо йылғаның ташлы ярынан Йүрүҙәнгә ҡарап торорға тура килгәне бар. Ниндәйҙер ғәжәп моңһоулығы, үҙенә тартыусы сихри көсө бар ошо йылғаның. Ташлы ярҙан баҡҡанда ул шундай тымыҡ... Аға ла һымаҡ, аҡмай ҙа. Был – тышҡы яҡтан ғына шулай. Бер аҙҙан һуң күҙҙәр күнегә төшә һәм һыуҙың төбөн күрә башлайһың. Ҡош йомортҡаһына оҡшаш ни саҡлы таш, ни саҡлы төҫ унда! һыу үренә табан өйөр-өйөр булып ҡыҙыл ҡанаттар йөҙә. Йылға өҫтө моңһоу ҙа, тыныс та кеүек. Ә аҫта ни саҡлы тормош, ынтылыш, хәрәкәт!
Рәмиҙең холҡо, характеры тап ана шул Йүрүҙән йылғаһы кеүек икән.
23 февраль, шәмбе көн, өлкә комитет алдына ҡара сәүкә кеүек булып, халыҡ йыйылғайны. өлкә комитет кешеләре бер ни аңламай, ни эшләргә лә белмәй, аптырайҙар. Ә йыйылған халыҡ Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарының сығыуын талап итә. Беренсе секретарь сыҡмай булдыра алманы. Сығып халыҡ менән һөйләшеп, эштең нимәлә булыуын аңлағас, КПСС Үҙәк комитетына шылтыратырға вәғәҙә биреп, кире инеп китте.
Шулай итеп, Рәми Ғариповтың тырышлығы арҡаһында КПСС Үҙәк комитетының милли телдә сыға торған гәзиттәрҙе ябырға тейеш булған ҡарары юҡ ителде, Башҡортостанда ғына түгел, барлыҡ автономиялы республикаларҙа милли гәзиттәр ҡайтанан сыға башланы.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәрҙәренә эш өҫтәлде. Улар был хөкүмәткә ҡаршы «ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙе» кем ойошторған икән тип, ошо хәрәкәттең башлығын эҙләргә тотондолар...
Рәми Ғариповтың ҡыҫҡа ғүмерендә халыҡтың ҡайғы-хәсрәттәрен поэзияла сағылдырыу ғына түгел, бәлки, тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яҡлап сығыу осраҡтары күп булды. Шуға күрә лә ул үҙенең шәхси тормошонда иҫәпһеҙ ҡыйынлыҡтар кисерергә мәжбүр булды. Әгәр ул шундай михнәттәр күрмәһә, бәлки, ҡырҡ бише тулғанда ғына вафат та булмаҫ ине... Әммә ул үҙе хаҡында, үҙенең халҡы, милләте тураһында оло һәйкәл төҙөп ҡалдырҙы.
Рәми Ғарипов, ысынында, үҙе тере сағында уҡ халыҡ шағиры ине.

Рамазан Ҡотошов,
Журналистар союзы ағзаһы,
«Совет Башҡортостаны» гәзитенең элекке пропаганда бүлеге мөдире