Тимер Йосопов. Йырҙары үлемһеҙ

Сверстники и собратья по перу

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ҺӨЙЛӘГӘНЕ

— Атайымды яуға оҙатабыҙ:
«Имен йөрөп, сабыр ҡайтығыҙ!»
Этебеҙ ҙә беҙҙән ҡалмай килә,
Юртып бара шағыр атыбыҙ.
Ялан ҡаплап ирҙәр яуға китә,
Донъя тулған ҡарға шауына.
Суйын юлы ята, суйын юлы, –
Килеп еттең Карпашауыңа.
Перрон тулған аһтан, ҡайғыларҙан,
Әйтелмәгән анттан, хәстәрҙән.
Даръя булыр ине, оло даръя –
Ил күҙенән аҡҡан йәштәрҙән.
Әсәй өнһөҙ,
Мин дә иламайым,
Хужаһына эте уҡтала:
Эт күҙенән эре йәштәр тама,
Эт күҙенән эҫе ут тама.
— Һау булығыҙ!
Илдән ҡуҙғалдылар,
Шыңшып, илап торғас аҙ ғына,
Вагон эргәһенән сабып барып,
Эт ташланды поезд аҫтына...

Юғалтыуҙар күрҙем, Рәми ағай,
Юям инде ҡайсаҡ түҙемде.
Вагон эргәһенән сабып барған
Шул эт һымаҡ тоям үҙемде.

Был тетрәткес хәлде бик күп йылдар элек миңә Рәми ағай һөйләгәйне. Күңелдә шиғыр тыуҙы.
Торғонлоҡ йылдарында, һине, халҡыбыҙҙың ҙур шағирын юғалттыҡ.
Көн дә шулай Рәми ағай менән һөйләшәм. Эш бүлмәмдә уның һүрәте тора. Көлөмһөрәп төшкән. Донъяға шулай күҙ йәше аша йылмая ине шул.
Бер шиғырында:

Заманым тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте, –

тигәйне ул. Шағир дәүер яраларын үҙ яраһы итте. Заман һулышы, атрибуты, ҡаршылыҡтары булмаған шиғырҙарҙы паспортһыҙ шиғыр тиер ине.
Рәми Ғарипов илһөйәр, телһөйәр булды. Халҡын яратҡаны, телен ҙурлағаны өсөн уға «милләтсе» исемен таҡтылар. Тик шағирға шундай ҡот осҡос ярлыҡ тағыусылар үҙҙәре башҡорт халҡына ҡаршы аҫтыртын эш алып барҙылар. Ана шул рухи тәфтиләүҙәр телебеҙҙе киҫә яҙҙы. Мәҙәниәтебеҙҙең күркәм яланында, тальянға ҡушылып, таҡмаҡтар әйтелде. Ҡурай моңо тынды. Китте шау-шыу, китте киң урамды тар итеп күңел асыуҙар. Тик халыҡ үҙ яҙмышын уйламаһын ғына. Торғонлоҡтоң тоғро ялсылары халыҡтың халыҡ булыуын онотторорға тырышты.
Ә Рәми Ғарипов һымаҡ ил улдары ауыр йылдарҙа ла күңелдәрҙә хәтерҙең ойомауы өсөн, хаҡлыҡ өсөн көрәште. Дөрөҫлөктөң күҙенә тура ҡарап, йөрәген ярып сыҡҡан һүҙҙәрен әйтте. Шул ваҡытта иманынан йәйәү ҡасҡан хужалар уға көн күрһәтмәне.
Хәҙер «торғонлоҡ йылдарында ҡағылған»дар күбәйеп китте. Дөрөҫ, ҡай берәүҙәргә ел-ямғыр ҙа тейгәндер. Тик бер кем дә, Рәми ағайҙан башҡалары, ситкә тибелмәне. Ләкин башын һалһа һалды, тик ҙур әҙип бер ваҡытта ла үҙ ҡанунынан, хаҡлыҡ юлынан ситләшмәне.
Шуныһы оло Еңеү, оло ҡыуанысыбыҙ: шағирыбыҙҙың халҡына аҫыл йырҙары ҡалды. Тағы бер мөһим мәсьәләгә туҡталғым килә. Рәми ағайҙың беҙҙең аранан киткәненә лә һанһыҙ йылдар уҙҙы. Рәми Ғариповтың шиғыр йыйынтыҡтары, яңыраҡ тәржемәләре китабы донъя күрҙе. Арҡауылда уның йорт-музейы асылды. Әҙиптең исемен ололағандары өсөн рәхмәт изге күңелле яҡташтарына. Тик беҙгә шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса күп хәстәрлек күрергә кәрәк әле. Өфөнөң берәй оло урамына шағир исемен биреүҙе юлларға ла ваҡыт еткән. Әҙипкә һәйкәл ҡуйыуҙы ла уйларға ине.
Иң яҡшы шиғыр китабы өсөн ниңә Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырмаҫҡа? Был турала республика йәмәғәтселеге уйланһын ине. Йыл да Өфөлә һәм Салауат районында Рәми Ғарипов көндәре уҙғарырға мөмкинлектәр тыуҙы.
Рәми Ғарипов ижады республикабыҙҙың рухи ҡаҙанышына әйләнде, ул һулымаҫ ижад кешелекле идеалдарға саҡыра, дуҫлыҡты, туғанлыҡты данлай, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа өндәй. Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлеге алдында айырым шартлылыҡты ситкә ҡуйып, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы уға халыҡ шағиры исемен юллауҙы үҙ өҫтөнә алды. Халыҡ демократияның, киң билдәлелектең, хаҡлыҡтың тантана итеүен күрҙе.
Рәми Ғариповты юғалтыу ҡайғыһы, йылдар үткән һайын, яңырғандан-яңыра. Шағирҙың тере тауышы быуындарҙан-быуынға күсә бара. Сөнки ул ҡалдырған һүҙ – үлемһеҙ.

Телдән төшмәң

Мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов февраль айында тыуған. Бер ваҡыт:
— Мин яҙ алдынан донъяға килгәнмен, яҙҙы көтөп алғанмын, – тигәйне.
Әҙип гел генә күкрәп килер миҙгелде һағынды. Ҡараға аяҡ баҫтымы – зәңгәр яҙына һоҡланып туйманы.
Бер саҡ шулай май байрамы алдынан Рәми ағайҙарҙың фатирына барғас, бергәләп ҡаршылағы урманға сыҡтыҡ. Надя еңгә үҙәкте өҙҙөрөп украин йырҙарын йырлай. Күңел тулған, үкер ҙә ила. Көнө шулай зәңгәр, «ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек». Йәнәшәлә генә ҡояш ҡалҡынып килә, үрел дә тот. Рәми ағайҙың кәйефе шәп. Ул зәңгәр донъяға йылмая. Әллә йырҙан иләҫләнеп, бер ағас төбөндәге ҡыу япраҡ өҫтөнә ауҙы. Күҙҙәрен йомоп оҙаҡ ҡына салҡан ятты.
— Ниндәй тауыш килә, ишетәһеңме? – тип ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы.
— Бөрө шартлай.
— Яңылыштың, ҡабат тыңла!
— Ҡоштар һайрай.
— Таптың һүҙ.
— Маяһын тишеп сыҡҡан ҡош балаһындай, ҡояш сипылдай.
— Яңынан урманға ҡолаҡ һал.
— Ярар, уратып-муратып торма, үҙең әйт тә ҡуй!
— Бәй, һине һиҙгер тип йөрөгәйнем, күңел күҙең һуҡыр икән дә. Ҡыу япраҡтарҙы ҡалҡытып, шартлап яңы үлән атыла, – тине шағир, үрһәләнеп. Рәми ағайҙың күҙҙәрендә мөлдөрәмә йәш ине.
Рәми Ғарипов йәш таланттарҙың ҡалҡынғанына һөйөнөп бөтә алманы. Беҙҙең быуын шағирҙарының күптәре, һүҙ оҫтаһы Рауил Бикбаевтан башлап, йәш таланттар Хисмәт Юлдашев, Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләковтарға тиклем үҙҙәрен Рәми Ғариповтың шәкерттәре тиҙәр. Шиғриәттә Рәми Ғарипов ижады – оло мәктәп.
Рәми ағай йәштәрҙе яратыр ине. Ҡайһы бер абруйлы ағайҙар (көслө рухлы, халҡыбыҙҙы яратҡан талантлы әҙиптәр) үҙҙәренең дәрәжәләре юғары булыуы менән иҫкәртеп ҡуйһалар – ҙур шағир бер ваҡытта ла йәш дуҫтары алдында үҙенең өҫтөнлөгөн белгертмәне. Ул дәрәжәләрҙән юғары ине. Шунлыҡтан күңеле оло, үҙе бөйөк булды. Кешене дәрәжәһенә, биләгән урынына ҡарап түгел, кешелеклегенә ҡарап үҙ итте.
Остаҙыбыҙ талантлы йәш шағирәләр Тамара Ғәниева, Рәмзилә Хисаметдинова, Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Гөлшат Әхмәтҡужиналарҙы һеңлеләрендәй яҡын күрҙе, уларҙың ижади уңыштарына һөйөндө.
Арабыҙҙа Рәми ағай юҡ.
Донъялар буталып, әҙәп теҙгене бушап киткәндә:
— Рәми ағай тере булһасы, – тибеҙ.
Киң билдәлелек заманы килде. Рәми Ғариповтың ҡайһы бер хыялдары тормошҡа аша һымаҡ: республика суверенитет яуланы, халыҡ үҙенең бөйөк улы Әхзмәтзәки Вәлиди Туғандың 100 йыллығын киң билдәләп үтте. Кеше күңел азатлығын яулағанда, туған телебеҙҙең киләсәге, уға дәүләт статусы өсөн көрәш барғанда:
— Рәми Ғарипов тере булһасы, – тибеҙ.
Ярай әле күңелдәренә халҡыбыҙҙың, Рәми Ғариповтың сая рухын алған, республикабыҙҙың, туған телебеҙҙең яҙмышы өсөн көрәшкән Дамир Вәлиев, Зөфәр Йәнекейев, Рәшит Шәкүр, Марат Ҡолшәрипов, Диас Йәнтурин һымаҡ ил улдары бар.
Февраль атлай. Күңелдәрҙе күкрәтер миҙгел дә ҡыш тупһаһына килеп еткән. Ҡыу япраҡтарҙы ҡалҡытып, тиҙҙән яңы үлән шартлап атылыр, тауышын ишетергә яҙһын, һаңғырау булмайыҡ. Яҙ яҡынайғанда күңелдә шағирҙың аманаты яңғырай:

һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

Халҡым йәшәгәндә, шағир исеме телдән төшмәҫ.

Тимер Йосопов,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты