Суфиян Поварисов. Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына

Сверстники и собратья по перу

Башҡорт халҡы ижадының бик боронғо ынйы-мәрйене булған «Урал батыр» эпосында шундай юлдар бар:

Донъяны матур төҙөгән,
Барҙы мәңге биҙәгән –
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ,
Бары эшкә баш булыр,
Үҙенә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр...

Был юлдарға халыҡтың яҡшылыҡ һәм матурлыҡ тураһында әйткән бик күп мәҡәл-әйтемдәре һыйған. Ерҙе хәүеф-хәтәрҙән, фажиғәнән, ҡот осҡос емерелеүҙән, боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн йөрәге янмаған, уның яҙмышы өсөн көрәшмәгән, матурлыҡҡа мәдхиә уҡымаған шағир бик һирәктер. Ер, Тыуған ил, Ватан яҙмышы, халыҡ бәхете, матур тормош өсөн көрәш мотивы С. Юлаев, М. Аҡмулла, М. Ғафури, М. Кәрим, Н. Нәжми һ. б. һүҙ сәнғәте оҫталарының поэтик туҡымаһында сәнғәтсә яңғыраш тапты.
Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында тәрән поэтик фекерләү, ҡара көстәрҙе йөрәк уты менән көйҙөрөргә тырышыу, антитеза формаһы менән яҙыу Рәми Ғарипов поэтикаһының да арҡа һөйәген тәшкил итә. Һигеҙ юллыҡ бер шиғырында ул кешеләргә шикһеҙ ышаныуы, шуға күрә йәне-тәне менән мещандарҙы күрә алмауы, уларҙың һулар һауаны ағыулауы, туған телде йәберләүе, хәшәрәт, бысраҡ ҡулдары менән илдең сәскәләрен өҙөүе тураһында сикһеҙ нәфрәтләнеп яҙа, матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына ерҙе шул дошмандарҙан таҙартырға өндәй:

Шуға ла мин васыят итеп әйтәм
Кешеләргә, эшсән халҡыма:
Таҙартһындар ерҙе шул дошмандан
Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына!

«Урал батыр»ҙа әйтелгәнсә, донъяны яҡшылыҡ матур итеп төҙөй. Был эпостан һуң инде күпме елдәр иҫеп, күпме һыуҙар аҡҡан. Матурлыҡ һәм яҡшылыҡ төшөнсәләре тарих сәхифәләренә һаман теркәлә килгән. Р. Ғариповтың поэтик туҡымаһында ул, бөгөнгө ҡаршылыҡлы осор күренештәре менән тығыҙ бәйләнеп, шағирҙың эске донъяһын, гражданлыҡ позицияһын асыҡларға ярҙам итә.
Тел – фекер көҙгөһө, ти халыҡ. Рәми Ғариповтың поэтик көҙгөһөндә – образлы фекерләүе, сәнғәтле теле. Ул тел диңгеҙенә сумып, халыҡ теле гәүһәрҙәрен сүпләп, уларҙы әҙер килеш кенә ҡулланмай, ә, бәлки, ижади эшкәртеп, уҡыусының үҙенә матур сәскә бәйләме итеп ҡайтарып бирә. Ҙур поэтик, фәлсәфи фекер мәҡәл-әйтем формаһы менән бирелә. Был үҙенсәлек ижадының башланғыс осоронан уҡ килә. Бына 1953 йылда, йәғни егерме бер йәшендә баҫылған «Әсәйем ҡулдары» тигән шиғыры.
Күңелдәр хозурлаңырлыҡ йәйге иртә. Моңланып кәкүк ҡысҡыра. Әсәһе улын бесән сабырға өйрәтә. Әсә ҡулдары баланы таң ҡалдырып бында ла уйнап тора. Ә улы тиҙ генә алдыра алмай. Юҡ, был бесән сабыу ғына түгел. Баланы тар һуҡмаҡтан тормоштоң ҙур юлына сығырға өйрәтеү. «Тау ни тиклем бейек булһа ла, юл унда ла менә», «Юлһыҙ урманға кереп булмай», «Һыуҙың өҙөгө юҡ, юлдың төҙөгө юҡ» кеүек мәҡәлдәр бар халыҡта. Әсә, бәлки, балаға уларҙы әйтмәҫ. Ул, шул мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһен иҫкә алып, башҡасараҡ, үҙенсә әйтер: «Тарыраҡ ал, тинең, алдыңды, ипләп кенә өйөрөлтөп сап шулай, йөҙөн ҡаҙап ҡуйма салғыңдың!..» Салғыңдың йөҙө йәнселеү, бейек тауға менә алмау, төҙөгө булмаған юлда ыҙа сигеү, урманға юлһыҙ керә алмау кеүек ул. Бер ваҡыт бәләкәй генә салғы һыуҙай ағып китә, алдағы сәскәләрҙең ғүмере ҡыйыла, ысыҡтар мөлдөрәп тама, улар хатта илашҡандай тойола, әсә артта ҡалған йәшел эҙгә ҡарап һоҡланып тора.
Халыҡ: «Табып әйтелгән һүҙ – алтын бәрәбәрендә», – ти. Р. Ғарипов уны ла үҙенсә әйтә: «Һорай күрмә, белмәй иң тәүҙә, һүҙ алтыны – уйлап һөйләүҙә» («Тимер юл»).
Уйлап юл ярыу. Уйлап һөйләү. Уй һәм фекер. Тормоштоң һикәлтәле юлдары. Ауырлыҡтарға ҡаршы етәкләшеп барыу. Береһенең ҡанаты һаман нығыу, икенсеһенең – ҡайырылыу. «Ниңә һалҡынайҙың, тиһең...» тип башланған шиғырында шағир бөйөк маҡсаттарға ирешеү өсөн ышаныслы, артҡа сигенмәүсән, рухи көсө ныҡ булған тормош иптәше табыу тураһында яҙа. Ун бер строфанан торған был шиғыр башынан аҙағына тиклем афоризм, канатлы юлдар менән яҙылған. Уларҙың да күбеһе мәкәл-әйтем формаһын алған. Әммә шағир бында ла тел мәсьәләһенә ижади яҡын килә. «Ҡарының менән ҡар ярып, мороноң менән юл ярып булһа ла юлыңды тап», ти халыҡ. Шул мәҡәлде бына нисек файҙалана шағир:

Эйе, ул юл еңел түгел ине,
Мин үҙемә үҙем юл ярҙым;
Юлдарыма баҫҡан таш тауҙы ла
Үҙ күкрәгең менән ауҙарҙым.

«Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ» тигән мәҡәл халыҡта күптән йөрөй. Төрки халыҡтарында элек юрған иң ҙур байлыҡ булып иҫәпләнгән. Мөмкинлеге булған һайын юрған эшләткән ул, йә һатып алған. Бүлмәһендә 10–15-ләп юрған өйгән байҙар булған. Ул инде типтереп йәшәй. Ә ярлы бахырҙың берәү ҙә юҡ. Шуға күрә ул кәмһенеп йәшәй. Икенсе төрлө әйтһәк, аяғын юрғанына ҡарап ҡына һуҙа. Ләкин был мәҡәл артыҡ түҙемле булырға, ярлылыҡҡа күнеп йәшәргә, меҫкенлеккә өндәй. Шағир юрғанына ҡарап ҡына аяҡ һуҙыусы бахыр булып ҡалырға тейешме? Юҡ. Киреһенсә, ул үҙе юрғанды һуҙыусы булып сыға:

Миңә ғәйрәт керҙе, һинән – сикте.
Ғәйрәт һөймәй ситтә торғанды,
Һин юрғанға ҡарап аяҡ һуҙҙың,
Ә мин һуҙҙым үҙен юрғандың.

Был мәҡәлде үҙгәртеп ҡулланыу әҫәрҙең идея эстәлеге, ул сағылдырған осор, шағирҙың идеалы, донъяға ҡарашы менән бәйле.
Ҙур фекерҙәрҙе халыҡ элек-электән мәҡәл-әйтем менән әйтергә яратҡан. Уның матур өлгөләре боронғо ҡобайырҙарҙа бик күп. Башланғыс ижадында Р. Ғарипов уларҙы әле тар һуҡмаҡтан оло юлға аяҡ баҫҡас, унан ныҡ атларға ышаныслы юлдаш табыуҙы сағылдырыу йәһәтенән ҡулланһа, һуңға табан инде бөтөн ил, халыҡ яҙмышын, уның тәрән фажиғәһен тасуирлау өсөн файҙалана:

Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул?
Белһә әгәр ҡайҙа барғанын,
Тарихи бер бәхет һанар ине
Ярты юлда туҡтап ҡалғанын.
Белмәй һаман: үҙен үҙе алдай,
Арта ялған, арта вәхшилек,
Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн,
Һәләкәтен даулай кешелек.

Был шиғыр 1964 йылда яҙылған. Ул сағында «ҙур бәхет», «яҡты киләсәк», «матур тормош» кеүек һүҙҙәре, кем әйтмешләй, сәтләүек урынына яра инек әле. Ул ваҡытта ярты юлда туҡталып ҡалыу, үҙебеҙҙе алдап йәшәү, ялғанлыҡ, вәхшилек артыу, аҡылдың аҡылһыҙлыҡ өсөн эшләүе, кешелектең һәләкәт яулауы тураһында һөйләмәй инек. Ә бөгөн кәмәбеҙ төрлө яҡлап ҡомға килеп терәлгәс, матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына ерҙе таҙартырға кәрәк икәнлекте аңлай башланыҡ. Бөгөнгө көн фажиғәләрен шағир бынан ун биш-егерме йыл элек күргән; дөрөҫөрәге, сал тарих төпкөлөнә сәйәхәт ҡылып, үткән ваҡиғаларға анализ яһау һөҙөмтәһендә элеккеһен синтезлап, киләсәк бола-ғәрәсәттәрҙе һиҙгер күңеле, йөрәге менән тойған. Ысынлап та: «Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн, һәләкәтен даулай кешелек», – тип әйтер өсөн йәмғиәт сирәмен тәрән фекер һабаны менән аҡтарырға, кешеләр күңелендәге психологик ҡатлаулыҡтарҙы аңларға, шағир-философ булырға кәрәк бит.
Шағирҙың «Дон-Кихот» (XX быуат монологы) тигән шиғыры ла мәҡәл-әйтем менән һуғарылған. Шағир ДонКихот йәшәгән дәүерҙәргә анализ яһап, уларҙы бөгөнгө көн менән сағыштырып ҡарай. Кешелек йәмғиәте ниндәй аҫыл сифаттарға ирешкән? Кешелеклелек нисек үҫкән? Дуҫлыҡ, дошманлыҡ төшөнсәләре ни дәрәжәлә? Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ еңәме? Хәл итеү ауыр булған шундай ҡатмарлы һорауҙар борсой уны.

Эҙләһәм дә һаман тоғролоҡто,
Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ;
Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ,
Түрҙә йөрөй әле ҡуштанлыҡ, –

ти ул. «Ахмаҡ дуҫ аҡыллы дошмандан күберәк зыян килтерә», «Йыраҡтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман», «Яман дуҫың булғансы, яҡшы дошманың булһын» кеүек мәҡәл-әйтемдәр бар халыҡта. Шағирҙың «Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ» тигән ҡанатлы юлдары шул мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһенә тура килә. Күп ваҡыт дуҫ менән дошманды айырыу ҡыйын. Сөнки, Р. Ғариповса әйтһәк, дошманлыҡ дуҫлыҡ төҫөн кейә. Дошмандың дуҫ булып ҡыланыуы тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Бындай күңелһеҙ сифаттар үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Ул – кешеләрҙең бер-береһенә булған кире мөнәсәбәттәр һөҙөмтәһе. Шағир ана шулар өсөн әсенә. Кешеләрҙе асыҡ күңелле, шәфҡәтле, ялғандан арынған итеп күрәһе килә.
Ҡуштанлыҡтың кешелек, йәмғиәт өсөн ни тиклем ҙур зыян килтереүе тураһында ла күп мәҡәл-әйтем ижад иткән халыҡ: «Ҡуштан бер алдыңа, бер артыңа төшөр», «Тиле ҡуштан дошмандан хәтәр»; «Ҡуштан түргә менһә, яман түрәгә әйләнер» һ. б. Әлеге шиғырҙың өсөнсө, дүртенсе юлдарындағы афоризмдарҙа шул идеялар сағыла. Ысынлап та, булдыҡһыҙлыҡ һәләтлелекте иҙһә, түрҙә ҡуштанлыҡ йөрөһә, яҡшылыҡ өмөт итеүе бик ҡыйын.
Йәшәйештә даими рәүештә ҡапма-ҡаршылыҡ хөкөм һөрә: аҡ һәм ҡара көрәше. Шағир шуларҙы уйлап яҙа. Ҡара яҡтарҙың аҡтарҙы ҡаплап китеүенә борсола. Был фәлсәфә фекер фәҡирлегенә лә бәйләнгән. Йәки объектив ысынбарлыҡҡа дөрөҫ баһа бирә белмәйбеҙ... Һөҙөмтәлә, бер төрлө фекер йөрөтөү, аҡ менән ҡараны айыра белмәү, ауыр хәлдән сығырға аптырау кеүек күңелһеҙ хәлдәр барлыҡҡа килә. Ер тотҡаһы булған халыҡ менән хакимдар араһына ҡара күләгә ятыу ҙа шуға бәйләнгәндер. Шиғырҙың бер строфаһында нәҡ шул хаҡта әйтелә:

Фәлсәфәле фекер фәҡирлеге,
Ысын тойғолар – суйын ҡалыпта,
Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың
Ер тотҡаһы булған халыҡта.

Әлбиттә, түрәләр һүҙгә бик оҫта. Күсермә мәғәнәлә әйтһәк, һандуғас урынына һайрайҙар. Был элек-электән килә. Ундайҙарға халыҡ: «Телең менән фекер йөрөтмә – мейең менән фекер йөрөт», – тигән. Беҙ бөгөн мейе менән фекер йөрөтөүселәргә мохтажбыҙ.
Шулай итеп, Р. Ғариповтың поэтик теле үтә образлы, эмоциональ, һүрәтләү сараларына, мәҡәл-әйтемдәргә иҫ киткес бай. Унда халыҡ теленең ынйы-мәрйендәре, гәүһәрҙәре тупланған. Әммә, әйтелгәнсе, ул халыҡ теле байлығы менән ысын оҫталарса ижади эш итә, уны үҙ эстетик идеалдарына яраҡлаштырып эшкәртә. Килтерелгән миҫалдарға ҡарап, шағир күберәк ҡара яҡтарҙы күргән икән тип уйларға ярамай. Ҡараны күрмәй, уның яман яҡтарын аңламай тороп, аҡлыҡтың өҫтөнлөгөн, дәрәжәһен, сифатын белеп булмай бит. Шағир намыҫлы йәшәргә, кешелекле булырға, ил, Ватан ҡәҙерен белергә өндәй. Бына нимә ти ул 1973 йылда яҙған шиғыр-монологта:

Әйтерһең дә еңдем кешелектең
Иң әшәке яуыз дошманын
Һәм үтәнем намыҫ ҡушҡанын.
Ҡараңғы төн булған тормошом
Яҡты йондоҙ булып балҡыны
Күңел күктәрендә халҡымдың.
Ысынлап та, шағир образы бөгөн халҡы күңелендә яҡты йондоҙ булып балҡый.

Суфиян Поварисов,
филология фәндәре докторы, профессор
1992 йыл, 12 февраль