Рәйес Түләк. Гәрәбә музейында
Посвящения
Рәми ағай иҫкә төшкәндә
Ниндәй замандарҙа тыуып,
Ниндәй заманға килеп,
Гел сын-сынаяҡ кәштәлә
Гәрәбә ята көлөп.
Ҡайһы яҡтан ҡараһаң да,
Йылмайып-көлөп ята.
Тик көлһә лә, йылмайһа ла,
Моңһоу уйҙар уята.
Кәүҙәләнә күҙ алдымда,
Быуаттар араһынан:
Ҡандай һарҡҡан гәрәбәләр
Ағастар яраһынан.
Күрәм тағы ла кемдеңдер
Ағастың ҡатҡан ҡанын,
Аҫыл таш итеп, баҙарҙа
Башҡаларға һатҡанын.
Рәйес Түләк