Абдулла Рудаки (860 – 941)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Абдулла Рудаки
(860 – 941)

Не любишь,
а моей любви ты ждешь.
Ты ищешь правды,
а сама ты – ложь.

Мое терпенье истощилось,
мой ум сгорел дотла,
Мне не нужны ни ум,
ни сердце, когда она ушла.
Моя тоска с тоской не схожа:
то Каф-гора стоит,
А сердце у нее не сердце:
гранитная скала!


Пришла... «Кто?» –
«Милая».
— «Когда?» –
«Предутренней зарей».
Спасалась от врага...
«Кто враг?» –
«Ее отец родной».
И трижды я поцеловал...
«Кого?» –
«Уста ее».
«Уста?» –
«Нет». –
«Что ж?» –
«Рубин».
— «Какой?» –
«Багровоогневой».


Великодушием отмечен
царь державы:
Он стрелы золотом украсит
в день кровавый.
Чтоб саван на него
себе добыл убитый,
А раненый купил
лекарственные травы.


Я в этом доме был счастливцем, полным страсти.
Казалось, что цари моей покорны власти.
Остался прежним я, и дом остался прежним,
Но только счастья нет: взамен пришло несчастье.


Мою Каабу превратила ты в христианский храм,
В неверии друзей лишила, зачем – не знаю сам,
А после тысячи поклонов кумиру моему,
Любовь, я стал навеки чуждым всем храмам и богам.


Налей того вина, что если капнет в Нил,
То пьяным целый век пребудет крокодил,
А если выпьет лань, то станет грозным львом.
Тем львом, что и пантер, и тигров устрашил.


Просителей иные не выносят:
Не выслушав, на полуслове бросят.
Ты слушаешь, но выслушать не в силах,
А каково же мне, который просит?


Цветут опять сады, луга, поляны,
Пришли цветы в цветник благоуханный.
Где та пора, когда дрова пылали?
Теперь пылают красные тюльпаны.


Сей бренный мир отринь, понять умея,
Что он похож на шутку чародея.
Его добро сравни с пустою сказкой,
К дорогам зла его не тяготея.


Приди, утешь меня рубиновым вином,
На чанге заиграй, мы пить с тобой начнем.
Дай мне того вина, чтоб яхонтом сверкнул
Тот камушек степной, что отразится в нем.


К добру и миру тянется мудрец,
К войне и распрям тянется глупец.


Тогда лишь требуют меня,
когда встречаются с бедой.
Лишь лихорадка обо мне порою
спросит с теплотой.
А если пить я захочу,
то, кроме глаза моего,
Никто меня не напоит соленой,
жаркою водой.



Абдулла Рудаки
(860 – 941)

ЯРАТМАЙҺЫҢ
Яратмайһың, тик көтәһең ләззәт
Ғазабынан минең һөйөүҙең.
Ҡыланаһың эҙләп саф хәҡиҡәт,
Ә торғаны ялған һин үҙең!

ҺИН КИТКӘС
Тәҡәт бөттө,
Зиһен китте,
Ҡатҡан башҡынам.
Һине һөйөп,
Яңғыҙ көйөп,
Ҡайҙа ашҡынам?
Һағыштарым
Һағыш түгел –
Баҫҡан Ҡаф тауы.
Ә тауҙа һуң
Бармы күңел? –
Ҡая таш ҡына!..

ҠАУЫШЫУ
Килде...
— Кем?
— Һөйөклөм.
— Ә ҡасан?
— Ул ҡасҡан ал таңдан...
— Ә кемдән?
— Хөкөмдән.
— Ә ниңә?
— Кем ҡаты атаңдан?!.
Өс үптем...
— Ә кемде?
— Йәремде.
— Ни ерен?
— Иренен...
— Татлымы?
— Балдан да!
— Ҡайнармы?
— Эҫерәк утыңдан!..

МӘРХӘМӘТ
Мәрхәмәтле, имеш, тиҙәр
был яҡтарҙың батшаһын:
Алтын менән, имеш, биҙәр
ул уҡтарҙың башағын, –
Шул алтынға кәфен таба
яугирҙарҙың үлгәне,
Яралылар һатып ала
төрлө дарыу үләнен...

БӘХЕТ
Был өйҙә мин бик бәхетле, дәртле инем,
Батшаларҙы буйһондорған саҡлы инем,
Был өйөм дә, мин үҙем дә – элеккесә,
Тик бәхет юҡ, ә бит уға хаҡлы инем!..

ХАРАБА
Һин Ҡәғбәмде харабалай иткәс кафыр һарайы,
Дуҫ-ишкә лә хәҙер шулай гел шикләнеп ҡарайым.
Мөхәббәтем! Ниңә улай, һиңә мең ҡабат табынып,
Мин аллаһыҙ, динһеҙ ҡалдым, – инде кемгә ярайым

ҠОЙ ШАРАБЫҢ!
Ҡой шарабың!.. – Бер тамсыһын йотһа Нил,
Иҫерерлек булһын мәңге крокодил;
Ә ҡоралай арыҫланға әйләнеп,
Ажарынан тетрәп торһон бар яһил!

ҺОРАҒАНДЫ ЯРАТМАЙҘАР
Һорағанды яратмайҙар берәүҙәр:
Тыңлап бөтмәй, тик түҙергә өндәйҙәр.
Һинең дә юҡ мине тыңлар түҙемең,
Ә ҡалай һуң түҙә икән миндәйҙәр?

СӘСКӘЛӘР
Сәскә атты тағы ялан, туғайҙар,
Хуш еҫтәрен еҫкәп-һулап туймайҙар.
Сатнап торған, сытыр яҡҡан саҡ ҡайҙа?
Тик, ут булып, гөлдәр генә уйнайҙар...

ФАНИ ДОНЪЯ
Кит был фани донъяһынан, аңлап шуны:
Бер уйынсыҡ иткән уны сихыр ҡулы.
Буш әкиәт итеп күр ҙә яҡшылығын,
Урап уҙ һин яманлыҡҡа илтер юлын!


Кил, уйнатсы һорнайыңды – йыуатһаңсы,
Уйнауыңдан бар ҡайғымды онотһамсы.
Ҡой касама шундай шарап – төбөндәге
Боҙон да саф яҡут күреп, бер йотһамсы!


Аҡыллы гел яҡшылыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылыр,
Аҡылһыҙҙың бар белгәне һуғыш та ыҙғыш булыр.


Хәтерләйҙәр минең хаҡта,
тик бәләгә ҡапҡан саҡта,
Тик биҙгәктең ҡайһы саҡта
һүҙе йылы минең хаҡта.
Сарсап ятһам, ҡатып асҡа,
күҙкәйҙәрем, һеҙҙән башҡа
Тоҙло, ҡайнар бер тамсы һыу
биреүсем дә юҡ бит хатта!..