Хафиз (1325 – 1389)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Хафиз
(1325 – 1389)

Когда красавицу Шираза своим кумиром изберу,
За родинку ее отдам я и Самарканд, и Бухару.

Налей мне, кравчий, полный кубок! В раю не будут мне даны
Сады в окрестностях Шираза и лепет речки поутру!

Смутив, похитила наш разум толпа смуглянок озорных:
Так похищают угощенье отряды тюрков на пиру.

К чему возлюбленной прекрасной моя ничтожная любовь?
Нужны ли красоте румяна? Она отвергнет мишуру!

Юсуфа красоту постигнув, я понял: так всесильна страсть,
Что Зулейха решила сбросить заветной скромности чадру.

Меня осыплешь едкой бранью – молиться буду за тебя:
Твои уста роняют сахар – я этот сахар соберу!

Мой друг, внимай моим советам: ведь старца мудрого совет
Поможет юношам счастливым прямым путем прийти к добру.

Вином и пеньем опьяненный, забудь о тайнах бытия:
Ведь не подвластны эти тайны уму, и слову, и перу!

Ты нанизал, как ожерелье, свою газель. Читай, Хафиз,
Чтоб ожерелье звезд блистало перед тобою ввечеру!



Хафиз
(1325 – 1389)

Әгәр Шираз һылыуҡайы баҫһа минең яраны,
Бер миңенә бирер инем Сәмәрҡәндте, Бохараны!

Ҡой, эй, саҡый, касаға мәй! Йәннәттә бит тәтемәй
Был гөлбаҡса шаулағаны, был шишмә йырлағаны.

Аҡылымды алып китте, аһ, ҡарасман шуҡ ҡыҙҙар –
Шулай була туйҙа һыйҙы төрөктәр урлағаны.

Минең меҫкен һөйөүемә шул һылыумы һуң мохтаж?
Гүзәллеккә ниңә кәрәк кершән яғып торғаның!

Беләм Йософ сибәрлеген – ҡөҙрәтле көскә эйә,
Хатта намыҫ пәрҙәһенән сығарыр Зөләйханы!

Ниндәй ауыр һүҙҙәр әйтмә – табынғаным һин генә:
Иренеңдән балдар тамһа, мин йыйырмын тамғанын.

Ҡолаҡ һал, дуҫ, кәңәшемә: оло аҡылын тотҡан
Йәштәр тиҙерәк барып шаҡыр хаҡлыҡ тигән ҡапҡаны.

Хәмер менән йырға әүрәп, онот донъя серҙәрен,
Ул хикмәткә бер кемдең дә юҡ төшөнә алғаны.

Мәрйен кеүек һүҙҙәр теҙеп, һөйлә-көйлә, эй, Хафиз,
Ҡара төндә һүҙҙең яҡты йондоҙ булып янғаны!