Александр Пушкин (1799 – 1837)
Александр Пушкин
(1799 – 1837)
УЗНИК
Сижу за решеткой в темнице сырой.
Вскормленный в неволе орел молодой,
Мой грустный товарищ, махая крылом,
Кровавую пищу клюет под окном,
Клюет, и бросает, и смотрит в окно,
Как будто со мною задумал одно;
Зовет меня взглядом и криком своим
И вымолвить хочет: «Давай улетим!
Мы вольные птицы; пора, брат, пора!
Туда, где за тучей белеет гора,
Туда, где синеют морские края,
Туда, где гуляем лишь ветер... да я!..»
ТУЧА
Последняя туча рассеянной бури!
Одна ты несешься по ясной лазури,
Одна ты наводишь унылую тень,
Одна ты печалишь ликующий день.
Ты небо недавно крутом облегала,
И молния грозно тебя обвивала;
И ты издавала таинственный гром
И алчную землю поила дождем.
Довольно, сокройся! Пора миновалась,
Земля освежилась, и буря промчалась,
И ветер, лаская листочки древес,
Тебя с успокоенных гонит небес.
НЯНЕ
Подруга дней моих суровых,
Голубка дряхлая моя!
Одна в глуши лесов сосновых
Давно, давно ты ждешь меня.
Ты под окном своей светлицы
Горюешь, будто на часах,
И медлят поминутно спицы
В твоих наморщенных руках.
Глядишь в забытые вороты
На черный отдаленный путь:
Тоска, предчувствия, заботы
Теснят твою всечасно грудь.
То чудится тебе...
ЗИМНЯЯ ДОРОГА
Сквозь волнистые туманы
Пробирается луна,
На печальные поляны
Льет печально свет она.
По дороге зимней, скучной,
Тройка борзая бежит,
Колокольчик однозвучный
Утомительно гремит.
Что-то слышится родное
В долгих песнях ямщика:
То разгулье удалое,
То сердечная тоска...
Ни огня, ни черной хаты...
Глушь и снег... Навстречу мне
Только версты полосаты
Попадаются одне...
Если жизнь тебя обманет,
Не печалься, не сердись!
В день уныния смирись:
День веселья, верь, настанет.
Сердце в будущем живет;
Настоящее уныло:
Все мгновенно, все пройдет;
Что пройдет, то будет мило.
Я вас любил: любовь еще, быть может,
В душе моей угасла не совсем;
Но пусть она вас больше не тревожит;
Я не хочу печалить вас ничем.
Я вас любил безмолвно, безнадежно,
То робостью, то ревностью томим;
Я вас любил так искренно, так нежно,
Как дай вам бог любимой быть другим.
Александр Пушкин
(1799-1837)
ТОТҠОН
Ултырам ситлектә, ҡаҡмай керпек тә,
Ирекһеҙ иптәшем – бер йәш бөркөт тә,
Ян тәҙрәм төбөндә, ҡарғап донъяһын,
Ҡағына һәм суҡый ҡанлы ҡалъяһын.
Суҡый ҙа ырғыта, текләй тәҙрәгә,
Әйтерһең, бер уйҙы уйлай ул бергә.
Ҡарашы, тауышы ниҙер көткәндәй,
«Әйҙәсе, остоҡ!» тип әйтер киткәндә.
Беҙ ирек ҡоштары! Ваҡыт осорға,
Болоттар артылып тауҙар ҡосорға,
Ундағы диңгеҙҙең күм-күк ситендә
Йөрөйөк һин дә... мин елдәр иркендә!..
БОЛОТ
Баҫылған дауылдың, эй, һуңғы болото!
Бер үҙең еләһең, донъяңды онотоп.
Бер үҙең ташлайһың шомло шәүләңде,
Бер үҙең боҙаһың шундай шәп көндө.
Бит әле генә һин бар күкте ҡапланың,
Һәм һине уратып, ут-йәшен ялтланы.
Дәһшәтле күкрәп, шаштың, үкерҙең,
Һуғарҙың дым менән ҡомһоҙ был ерҙе.
Инде ҡас, юғал һин! Үтте бит ваҡытың,
Йәшәрҙе ер йөҙө, йөрөмәҫе ялҡытып.
Елдә бит, япраҡтан елпеп күк пәрҙә,
Ҡыуалай үҙеңде зәңгәр күктәрҙән.
БАҒЫУСЫМА
Йән дуҫҡайым ауыр көндәремдең
Күгәрсенем, ҡартлыҡ көнөңдә,
Күптән-күптән яңғыҙ көтәһеңдер
Ҡарағайлы урман өңөндә.
Тәҙрә төптәрендә, һаҡ торғандай,
Күҙ алмайһың килер юлымдан.
Энәләрең йыш-йыш туҡталғандай
Ярғыланып бөткән ҡулыңда.
Текләйһең дә өнһөҙ ҡапҡаларға,
Алыҫтағы һорғолт юлдарға,
Көрһөнәһең һағыш-ҡайғыларҙан,
Сәғәт һайын сумып моңдарға...
ҠЫШҠЫ ЮЛ
Ялбыр болоттар эсенән
Ай сығып ҡарап ҡуя.
Моңһоу яландар өҫтөнә
Моңһоу нурҙарын ҡоя.
Эс бошорғос ҡышҡы юлдан
Өс толпар бара юртып.
Ҡыңғырауы гел бер моңдан
Зың-зың килә ҡаңғыртып.
Ниндәйҙер бер яҡын моңдо
Һуҙа күсер тауышы:
Йә сая бер киңлек унда,
Йә йөрәктең һағышы.
Ут та, йорт та ҡараңғыла,
Тик ҡар ята ағарып...
Буй-буй бағаналар ғына
Салынып ҡала бары...
Асыуланма, ҡайғырма һин,
Алдаһа әгәр тормош.
Килмәй булмаҫ, килер шат көн,
Тик һин йәшәргә тырыш.
Йөрәк йәшәй киләсәктә,
Күңелһеҙ тик бөгөнгө.
Һәр ни китә, һәр ни үтә,
Ә үткән хуп күңелгә.
Һөйҙөм һине, бәлки, мөхәббәтем
Һүнмәгәндер әле күңелемдә.
Тик ул һине башҡа борсомаһын,
Күренмәһен ҡайғы күҙеңдә.
Баҙнатһыҙ һәм көнсөл ғазап менән
Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ.
Һөйҙөм һине наҙлап, бар йөрәктән,
Зарыҡма һин шундай һөйөүһеҙ.