Федор Тютчев (1803 – 1873)
Федор Тютчев
(1803 – 1873)
В разлуке есть высокое
значенье:
Как ни люби, хоть день один,
хоть век,
Любовь есть сон,
а сон – одно мгновенье,
И рано ль, поздно ль
пробужденье,
А должен наконец
проснуться человек...
ВОЛНА И ДУМА
Дума за думой, волна за волной –
Два проявленья стихии одной:
В сердце ли тесном, в безбрежном ли море,
Здесь – в заключении, там – на просторе –
Тот же все вечный прибой и отбой,
Тот же все призрак тревожно-пустой!
Федор Тютчев
(1803 – 1873)
Оло мәғәнә бар айырылыуҙа,
Мәғәнәһенә алһаң төшөнә:
Бер көнөңмө, мәңгелекме уҙа,
Ни ҡылһаң да, һөйөү – төш кенә.
Тик күҙ йомоп күҙ асҡансы китә,
Төштөң тағы һиндә ни эше?
Ә иртәме, һуңмы, – ахыр сиктә,
Уянырға тейеш бит кеше...
ИКЕ СТИХИЯ
Тулҡынды – тулҡын, уйҙы уй ҡыуа,
Икеһе лә шул бер заттан тыуа:
Тик бындағыһы – бикле йөрәктә,
Ә ундағыһы – сикһеҙ киңлектә.
Шул уҡ мәңгелек ташыу ҙа ҡайтыу,
Шул уҡ шик-шомдо бушҡа ҡуҙғатыу...