Алексей Толстой (1817 – 1875)
Алексей Толстой
(1817 – 1875)
Колокольчики мои,
Цветики степные!
Что глядите на меня,
Темно-голубые?
И о чем звените вы
В день веселый мая,
Средь некошеной травы
Головой качая?
Конь несет меня стрелой
На поле открытом;
Он вас топчет под собой,
Бьет своим копытом.
Колокольчики мои,
Цветики степные!
Не кляните вы меня,
Темно-голубые!
Я бы рад вас не топтать,
Рад промчаться мимо,
Но уздой не удержать
Бег неукротимый!
Я лечу, лечу стрелой,
Только пыль взметаю;
Конь несет меня лихой, –
А куда? не знаю!
Грядой клубится белою
Над озером туман;
Тоскою добрый молодец
И горем обуян.
Не довеку белеется
Туманная гряда,
Рассеется, развеется,
А горе никогда!
Алексей Толстой
(1817 – 1875)
ШӨҢГӨР СӘСКӘЛӘР
Эй күк шөңгөр сәскәләр,
Даламдың күрке һеҙ!
Ниңә шулай бик моңһоу
Күгелйем күҙегеҙ?
Ниңә, зың да зың килеп,
Сыуаҡ май көлгәндә,
Баш сайҡашып, шымдығыҙ
Бәрхәттәй үләндә?
Атҡан уҡтай, йомолоп,
Елдерә атҡайым.
Гүйә, һеҙҙе ул түгел,
Мин үҙем таптайым...
Эй күк шөңгөр сәскәләр,
Даламдың күҙҙәре.
Әйтмәгеҙсе, исмаһам,
Ҡәһәрле һүҙҙәре!
Үтер ҙә китер инем,
Тапамай һеҙҙе мин,
Ярһыған шул атҡайым,
Тоймай ҙа теҙгенен.
Саң борҡотоп артынан,
Уҡ һымаҡ ул елә.
Ҡайҙа мине елдерә?
Уныһын кем белә!..
ТОМАН
Аҡ күбектәй, ҡаплап алған
Күл өҫтөн аҡ томан.
Төпһөҙ күлдәй уйға сумған
Йәш егет ҡайғынан.
Мәңге ятмаҫ, – ятһа ятыр
Аҡ томан таңғаса.
Ел сығыр ҙа, ул таралыр,
Ә ҡайғы – һис ҡасан!