Аполлон Майков (1821 – 1897)
Аполлон Майков
(1821 – 1897)
ЕМШАН
Степной травы пучок сухой,
Он и сухой благоухает!
И разом степи надо мной
Все обаянье воскрешает...
Когда в степях, за станом стан,
Бродили орды кочевые,
Был хан Отрок и хан Сырчан,
Два брата, батыри лихие.
И раз у них шел пир горой –
Велик полон был взят из Руси!
Певец им славу пел, рекой
Лился кумыс во всем улусе.
Вдруг шум и крик, и стук мечей,
И кровь, и смерть, и нет пощады!
Все врозь бежит, что лебедей
Ловцами спугнутое стадо.
То с русской силой Мономах
Всесокрушающий явился;
Сырчан в донских залег мелях,
Отрок в горах кавказских скрылся.
И шли года... Гулял в степях
Лишь буйный ветер на просторе...
Но вот – скончался Мономах,
И по Руси – туга и горе.
Зовет к себе певца Сырчан
И к брату шлет его с наказом:
«Он там богат, он царь тех стран,
Владыка надо всем Кавказом, –
Скажи ему, чтоб бросил все,
Что умер враг, что спали цепи,
Чтоб шел в наследие свое,
В благоухающие степи!
Ему ты песен наших спой, –
Когда ж на песнь не отзовется,
Свяжи в пучок емшан степной
И дай ему – и он вернется».
Отрок сидит в златом шатре,
Вкруг – рой абхазянок прекрасных;
На золоте и серебре
Князей он чествует подвластных.
Введен певец. Он говорит,
Чтоб в степи шел Отрок без страха,
Что путь на Русь кругом открыт,
Что нет уж больше Мономаха!
Отрок молчит, на братнин зов
Одной усмешкой отвечает, –
И пир идет, и хор рабов
Его что солнце, величает.
Встает певец, и песни он
Поет о былях половецких,
Про славу дедовских времен
И их набегов молодецких, –
Отрок угрюмый принял вид
И, на певца не глядя, знаком,
Чтоб увели его, велит
Своим послушливым кунакам.
И взял пучок травы степной
Тогда певец, и подал хану –
И смотрит хан – и, сам не свой,
Как бы почуя в сердце рану,
За грудь схватился... Все глядят:
Он – грозный хан, что ж это значит?
Он, пред которым все дрожат, –
Пучок травы целуя, плачет!
И вдруг, взмахнувши кулаком,
«Не царь я больше вам отныне! –
Воскликнул. – Смерть в краю родном
Милей, чем слава на чужбине!»
Наутро, чуть осел туман
И озлатились гор вершины,
В горах идет уж караван –
Отрок с немногою дружиной.
Минуя гору за горой,
Все ждет он – скоро ль степь родная –
И вдаль глядит, травы степной
Пучок из рук не выпуская.
Аполлон Майков
(1821 – 1897)
ЕМШӘН*
Шәлкем генә емшән үләне
Шиңгәндә лә яҙмай еҫенән.
Терелтәлер ирҙең үлгәнен,
Төшөрөп тә илен иҫенә...
Борон заман иркен далала
Йөрөгәндә йәйрәп, күсенеп,
Ике туған хан була –
Олтораҡ та Серсән исемле.
Бер саҡ шулай оло туй барған,
Күп урыҫты алғас әсиргә.
Йырау-сәсән йырҙар сығарған,
Өлгөрмәгән ҡымыҙ эсергә...
Ҡапыл шунда кереп араға,
Яу баҫҡан, ти, ҡара ҡойондай.
Барыһы ятҡан тырым-тырағай,
Билендәшкән аҡҡош тубындай.
Аҫҡан-киҫкән икән Мономах,
Ҡарамаған йәше-ҡартына...
Донға ҡасҡан Серсән ух та ах,
Ә Олтораҡ – Ҡафтау артына.
Күп ел иҫкән дала иркендә...
Тейенмәйсә иле ырыҫҡа,
Мономах та үлгән бер көндө,
Ҡара ҡайғы һалып урыҫҡа.
Саҡырған да батыр сәсәнде,
Серен сискән Серсән батырға:
«Еткер уға беҙҙең сәләмде,
Сыҡһын, – тигән, – тиҙерәк ҡайтырға.
Баш булһа ла барлыҡ Ҡафтауға,
Байлығына әйҙә төкөрһөн.
Дошман үлде, бөттө яу-ғауға,
Далаһына ҡайтып көн күрһен.
Йырла уға беҙҙең йырҙарҙы,
Иремәһә күңеле бик йырға,
Төҫө итеп дала-ҡырҙарҙың,
Шул емшәнде, – ҡайтыр, – бир уға!»
*Емшән – хуш еҫле дала үләне.
Ултыра, ти, туйлап Олтораҡ,
Яран-ҡыҙҙар тулы сатырҙа.
Алтын-көмөш торғас ялтырап,
Уйы ла юҡ икән ҡайтырға.
Индерәләр шул мәл сәсәнде,
Һөйләтәләр илдең хәлдәрен.
«Ҡайтып күрсе ерең-әсәңде!» –
Тип бөтөрә сәсән хәбәрен.
Тик өндәшмәй ләм-лим Олтораҡ,
Көлөп кенә ҡуя ни бары.
Ярандары тора ҡалтырап,
Көнгә тиңләп, данлай ҡолдары...
Шунда сәсән йырлап ебәрә
Ата-бабаларҙың йырҙарын,
Батырҙарын күҙҙән үткәрә,
Йырлай данлы ҡыпсаҡ яуҙарын...
Олтораҡтың йөҙө ҡомһарып,
Тик асыуы таша был йырға.
Башын ғына ҡағып ул бары,
Ҡуша уны алып сығырға.
Шул саҡ сәсән бирә сығарып
Хуш еҫ бөрккән дала бүләген.
Хан, нишләргә белмәй, ағарып,
Ҡыҫып ала усҡа йөрәген.,.
Был ни булыр, тиеп, ҡурҡышып,
Барса халыҡ хандан күҙ алмай.
Ә олуғ хан дала ҡыртышын
Үбеп илай, үкһеп түҙалмай.
Ҡысҡыра хан, йәйеп ҡоласын:
— Хан түгел мин һеҙгә бөгөндән!
Сит илдәрҙә солтан булғансы,
Булайым, – ти, – олтан илемдә!..
Иртән иртүк томан таралғас,
Тау баштары сумғас баҡырға,
Хан, хушлашып, атҡа атланғас,
Каруандар сыға ҡайтырға.
Тау артынан тауҙар артылып,
Тиҙерәк көтөп дала келәмен,
Ул алыҫҡа ҡарай, атлығып,
Төшөрмәйсә ҡулдан үләнен...*
*Был хикәйәт, авторҙың аңлатмаһы буйынса, Волын йылъяҙмаһынан алып яҙылған һәм шағирҙың «Тарих тауыштары» тигән циклына индерелгән (P. Ғ.).