Яков Шведов (1905 – 1984)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Яков Шведов
(1905 – 1984)

НЕ УЛЕТАЙ, ЛЕБЕДУШКА!
Иду с тобой вдоль бережка,
Шепчу сердечно: – Милая!
Моя родная девушка,
Ты – лебедь белокрылая.

Тропинки чуть заметные...
Проходит полночь в шорохах...
Шепчу слова заветные:
— Ты – белая черемуха!

Глаза твои лучистые
С моими пусть встречаются.
В них только думы чистые
Да звезды отражаются.

Идешь походкой смелою
Тропинками зелеными,
Встречает жито спелое
Тебя одну поклонами.

Не скоро встанет солнышко,
Все небо в ярких сполохах...
— Не улетай, лебедушка,
Не отцветай, черемуха!

Не уходи, красивая,
Дорожкою росистою,
Ты осчастливь, счастливая,
Меня улыбкой чистою!



Яков Шведов
(1905 – 1984)

АҠҠОШОМ
Сыҡһам йылға буйҙарына,
Сумам татлы уйҙарыма.
Уйҙарымда һин, аҡҡошом,
Һин, аҡҡошом, хаҡ яҙмышым.

Һуҡмаҡтарҙан урай-урай,
Йондоҙҙарға ҡарай-ҡарай,
Мин киләмен суҡ муйылға,
Йөрәгемә ул уйылған.

Ҡасан ғына осрашып,
Һинең нурлы күҙ ҡарашың
Күҙҙәремә бағыр икән?
Нурҙар булып тамыр икән?

Йәшел генә тар һуҡмаҡтан
Осоп атлап килгән саҡта,
Эйеп башаҡ ҡараштарын,
Ҡаршы ала арыштарым.

Һыҙылып таң атмайынса,
Ергә томан ятмайынса,
Осоп китмә һин, аҡҡошом,
Һин бит минең хаҡ яҙмышым.

Осоп китмә һин, аҡҡошом,
Ташлап китмә, хаҡ яҙмышым.
Сәскәңде һин ҡойма, муйыл,
Бәхетле ит мине быйыл!