Александр Решетов (1909 – 1971)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Александр Решетов
(1909 – 1971)

Я не люблю бумажные цветы
С их лживою красивостью бездушной.
И делать их, по-моему, не нужно:
Где нет души, там нет и красоты.

Не стал, да и не станет знаменит
Никто из тех, кто мастерит их честно.
Они в столовых портят аппетит,
Пыль собирая там, где ей не место.

Взор человека в звездном корабле
От их красивости не потеплеет.
Подснежник скромный больше и живее
В других мирах расскажет о земле.

Когда умру, ты мне простишь грехи,
Живой цветок на тихий холм положишь
И вспоминать не будешь те стихи,
Что на бумажные цветы похожи.



Александр Решетов
(1909 – 1971)

ҠАҒЫҘ СӘСКӘЛӘР
Енем һөймәй ҡағыҙ сәскәләрҙе,
Ялған матурлығын уларҙың.
Йәне юҡтың йәме бармы инде?
Тәме бармы аҡмаҫ һыуҙарҙың?

Кем һуң әле ҡағыҙ сәскә яһап,
Кинәнгән бер даны сығыуҙан?
Ашханала, аштың тәмен алып,
Йыйып тора бит ул саң-туҙан.

Йондоҙ карабында осҡондар ҙа
Уға ҡарап, янмаҫ ялҡында.
Ябай умырзая күберәк һөйләр
Ят донъяла ере хаҡында.

Гонаһтарым булһа, кисерерһең,
Тере сәскә һалып ҡәбергә,
Йырҙарымдың ҡағыҙҙарын түгел,
Ысындарын алып хәтергә.