Александр Твардовский (1910 – 1971)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Александр Твардовский
(1910 – 1971)

ЛЕНИН И ПЕЧНИК
(Поэма)
В Горках знал его любой,
Старики на сходку звали,
Дети – попросту, гурьбой,
Чуть завидят, обступали.

Был он болен. Выходил
На прогулку ежедневно.
С кем ни встретится, любил
Поздороваться душевно.

За версту – как шел пешком –
Мог его узнать бы каждый.
Только случай с печником
Вышел вот какой однажды.

Видит издали печник,
Видит: кто-то незнакомый
По лугу по заливному
Без дороги – напрямик.

А печник и рад отчасти, –
По-хозяйски руку в бок, –
Ведь при царской прежней власти
Пофорсить он разве мог?

Грядка луку в огороде,
Сажень улицы в селе, –
Никаких иных угодий
Не имел он на земле...

— Эй ты, кто там ходит лугом!
Кто велел топтать покос?! –
Да сплеча на всю округу
И поехал, и понес.

Разошелся.
А прохожий
Улыбнулся, кепку снял.
— Хорошо ругаться можешь,
Только это и сказал.

Постоял еще немного,
Дескать, что ж, прости, отец.
Мол, пойду другой дорогой...
Тут бы делу и конец.

Но печник – душа живая, –
Знай меня, не лыком шит! –
Припугнуть еще желая:
— Как фамилия? – кричит.

Тот вздохнул, пожал плечами,
Лысый, ростом невелик.
— Ленин, – просто отвечает.
— Ленин! – Тут и сел старик.

День за днем проходит лето,
Осень с хлебом на порог,
И никак про случай этот
Позабыть печник не мог.

А по свежей по пороше
Вдруг к избушке печника
На коне в возке хорошем
Два военных седока.

Заметалась беспокойно
У окошка вся семья.
Входят гости:
— Вы такой-то?
Свесил руки:
— Вот он я...

— Собирайтесь! –
Взял он шубу,
Не найдет, где рукава.

А жена ему:
— За грубость,
За свои идешь слова...

Сразу в слезы непременно,
К мужней шубе – головой.
— Попрошу, – сказал военный,
Ваш инструмент взять с собой.

Скрылась хата за пригорком.
Мчатся санки прямиком.
Поворот, усадьба Горки,
Сад, подворье, белый дом.

В доме пусто, нелюдимо,
Ни котенка не видать.
Тянет стужей, пахнет дымом, –
Ну овин – ни дать ни взять.

Только сел печник в гостиной,
Только на пол свой мешок –
Вдруг шаги, и дом пустынный
Ожил весь, и на порог –

Сам, такой же, тот прохожий.
Печника тотчас узнал.
— Хорошо ругаться можешь, –
Поздоровавшись, сказал.

И вдобавок ни словечка,
Словно все, что было, – прочь.
— Вот совсем не греет печка.
И дымит. Нельзя ль помочь?

Крякнул мастер осторожно,
Краской густо залился.
— То есть как же так нельзя?
То есть вот как даже можно!..

Сразу шубу с плеч – рывком,
Достает инструмент. – Ну-ка...
Печь голландскую кругом,
Точно доктор, всю обстукал.

В чем причина, в чем беда
Догадался – и за дело.
Закипела тут вода,
Глина свежая поспела.

Все нашлось – песок, кирпич,
И спорится труд, как надо.
Тут печник, а там Ильич
За стеною пишет рядом.

И привычная легка
Печнику работа.
Отличиться велика
У него охота.

Только будь, Ильич, здоров,
Сладим любо-мило,
Чтоб, каких ни сунуть дров,
Грела, не дымила.

Чтоб в тепле писать тебе
Все твои бумаги,
Чтобы ветер пел в трубе
От веселой тяги.

Тяга слабая сейчас –
Дело поправимо,
Дело это – плюнуть раз,
Друг ты наш любимый...

Так он думает, кладет
Кирпичи по струнке ровно.
Мастерит легко, любовно,
Словно песенку поет...

Печь исправлена. Под вечер
В ней защелкали дрова.
Тут и вышел Ленин к печи
И сказал свои слова.

Он сказал, – тех слов дороже
Не слыхал еще печник:
— Хорошо работать можешь,
Очень хорошо, старик.

И у мастера от пыли
Зачесались вдруг глаза.
Ну а руки в глине были –
Значит, вытереть нельзя.

В горле где-то все запнулось,
Что хотел сказать в ответ,
А когда слеза смигнулась,
Посмотрел – его уж нет...

За столом сидели вместе,
Пили чай, велася речь
По порядку, честь по чести,
Про дела, про ту же печь.

Успокоившись немного,
Разогревшись за столом,
Приступил старик с тревогой
К разговору об ином.

Мол, за добрым угощеньем
Умолчать я не могу,
Мол, прошу, Ильич, прощенья
За ошибку на лугу.

Сознаю свою ошибку...
Только Ленин перебил:
— Вон ты что, – сказал с улыбкой,
Я про то давно забыл...

По морозцу мастер вышел,
Оглянулся не спеша:
Дым столбом стоит над крышей,
То-то тяга хороша.

Счастлив, доверху доволен,
Как идет – не чует сам.
Старым садом, белым полем
На деревню зачесал...

Не спала жена, встречает:
— Где ты, как? – душа горит...
— Да у Ленина за чаем
Засиделся, – говорит...



Александр Твардовский
(1910 – 1971)

ЛЕНИН ҺӘМ МЕЙЕССЕ
(Поэма)
Уны бөтә Горка белде,
Ҡарттар килде саҡырып,
Ә балалар күрһә инде,
Шунда уҡ алды һырып.

Ауырый ул. Көн дә сыға
Саф һауала йөрөргә.
Ярата ул һәр юлсыға
Туҡтап сәләм бирергә.

Алыҫтан уҡ уны һәр кем
Атлауынан таныны.
Тик мейессе генә бер көн
Шундай хәлгә тарыны.

Күрә мейессе алыҫтан,
Күрә лә ҡарап тора:
Килә кемдер сабынлыҡтан
Юлһыҙ-ниһеҙ, туп-тура.

Ә ҡарт хатта бер аҙ шат та,
Таяна был бөйөргә:
Үҙ власы булған саҡта,
Ул бит хужа был ергә!

Бер түтәл һуған үҫтерҙе,
Ере булды бер ҡолас.
Шунан башҡа ни һуң бирҙе
Уға элекке власть!

— Эй, кем унда, болон буйлап,
Тапап йөрөй үләнде!
Кем ҡушты?!. – тип ҡарт, ҡыйҡыулап,
Теҙҙе фәлән-төгәнде...

Ҡыҙҙы яман.
Ә тегеһе,
Йылмайып, башын һалды:
— Яҡшы әрләшә беләһең! –
Тип кенә әйтә алды.

— Ярай, атай, юлды борам,
Кисер, ғәфү үтенәм, –
Тигән булып, китмәй тора,
Бөтә бәлә үҙенән...

Ә мейессе ҡунып бара,
(Ул – был түгел, ныҡ тора!)
Ҡурҡытып та алмаҡ булып:
— Фамилияң? – тип ҡысҡыра.

Теге пеләш уйға ҡала.
Көрһөнә, яурын тартып.
— Ленин, – тип ул әйтеп һала.
— Ленин? – тип сүгә ҡартың...

Йәмле йәйҙә үтеп китеп,
Көҙ ҙә килеп терәлде.
Тик мейессе нисек итеп
Онотһон һуң был хәлде?..

Ҡырпаҡ ҡарҙа яҡшы атта
Ҡапыл бына бер саҡты,
Ике хәрби килеп туҡтай
Ҡапҡа төбөнә ҡарттың.

Шығыр-шығыр – тышта йәш ҡар,
Шып-шым – бөтә өй эсе.
Килеп тә инә ҡунаҡтар:
— Кем бында, – тип, – мейессе?

— Бына... мин... – тип ҡарт ҡалтырай,
— Әйҙәгеҙ! – тиҙәр уға.
Тунын ала, еңен тапмай,
Тартҡылай уңға-һулға...

Ҡарсығы ла – нәҡ өйөрсөк!
Ҡартына ярҙамлашып:
— Тупаҫлығың, телең өсөн
Китә, – ти, – наҙан башың...

Улай, етем ҡалабыҙ, тип,
Тунға тама күҙ йәше.
— Инструмент та алығыҙ, – тип
Иҫкәртә хәрби кеше.

Тау артында ҡалды ауыл,
Елдерә ат туп-тура.
Инде бына Горкала ул,
Бына баҡса, йорт тора.

Буш, аулаҡ йорт, һис тоймаҫлыҡ
Йән эйәһе йәшәүен.
Үҙе һыуыҡ, үҙе ыҫлы, –
Торғаны бер буш әүен!

Тоғон ҡуйҙы ла ҡарт шунан,
Ҡатты ултырған көйгә.
Ҡапыл аяҡ тауышынан
Йән кереп китте өйгә.

Ни күҙе менән күрһен ҡарт!
Тупһала – ул! Тап үҙе:
— Уҙ, иҫке дуҫ, шатмын, бик шат! –
Ҡул биреп әйтте һүҙен.

Артыҡ бер һүҙ ҡушманы һис,
Үткән эш хәс күргән төш!
— Йылытмай, – ти, – бына мейес,
Үҙе төтәй, ниҙә эш?

Ярҙам итеп булмаҫмы һуң?
Ә ҡарттың күңел тула:
(Күңел бит ул – тулмаҫмы һуң?)
— Булмай ҡайҙа – бик була!..

Шунда уҡ тунын ырғытып,
Ҡулға алды ҡоралын.
Йә, тип, мейесте уратып,
Туҡылдатып ҡараны.

Сәбәп ниҙә, бәлә ниҙә –
Һә тигәнсе төшөнә.
Һыу ҡайната, балсыҡ иҙә,
Күҙ эйәрмәй эшенә.

Кирбес тә бар, ҡом да булды –
Бөтәһе лә табылды.
Һылай, һыйпай оҫта – бында,
Унда – Ильич яҙынды.

Күнегелгән, йән һөйгән эш –
Геүләп торор мейесе.
Бик яҡшы үтәргә тейеш
Ильичтың үтенесен.

«Тик һин, Ильич, сәләмәт бул,
Эш беҙҙә тороп ҡалмаҫ,
Ниндәй утын тыҡһаң да ул,
Яныр мейес, ыҫланмаҫ.

Йылыла ғына яҙылһын
Һинең бар ҡағыҙҙарың.
Торбала ел йырлап торһон
Күңелле, шат йырҙарын.

Тартыуы хөрт икән хәҙер,
Был эш ул – төҙәтерлек,
Бер төкөрһәң – була әҙер,
Түгел «эш» тип әйтерлек!..»

Шуны уйлап, кирбес теҙә,
Ҡылға теҙеп һалғандай.
Бар күңелен биреп биҙәй,
Эшләй ул йырлағандай.

Мейес әҙер. Инде кисен
Ленин сыҡты ла үҙе,
Күреп геүләгән мейесен,
Әйтте әйтәһе һүҙен.

Шунан ҡиммәт, шунан йомарт
Маҡтау һүҙе юҡ ине:
— Яҡшы эшләй беләһең, ҡарт,
Хатта бик яҡшы! – тине.

Күнмәгән ҡарт маҡталырға,
Кинәт күҙе ҡысыта...
Тиҙ генә һөртөп алырға –
Ҡулдары шул балсыҡта!

Яуап итеп әйтер һүҙе
Тамағына төйөлдө.
Йәше бөтөп, асһа күҙен –
Алдында ул юҡ инде...

Гәпләшеп донъя хаҡында,
Һәм онотмай мейесте,
Ултырып өҫтәл артында,
Улар бергә сәй эсте.

Тынысланғас бер аҙ шунда,
Ҡыҙып алғас саҡ ҡына,
Башҡа нәмә тураһында
Һүҙ башлай ҡарт һаҡ ҡына.

Әйтмәйенсә булмай, имеш,
Һый-хөрмәтең алдында:
— Теге ваҡыт – кисер, Ильич,
Хаталандым болонда.

Таныйым үҙ ғәйебемде...
Көлә Ильич шул саҡта:
— Бына һин ни?.. Ә мин инде
Онотҡанмын ул хаҡта...

Сыға оҫта. Һалҡынса төн.
Ҡарап ала өй башын:
Бына нисек үрләй төтөн,
Тартыуы булғас яҡшы!

Ҡарт ҡәнәғәт. Уйын уйлап,
Һиҙмәй ҡарҙы, таҡырҙы,
Баҡса буйлап, ялан буйлап,
Ауылына һыпырҙы...

Ҡарсыҡ ҡаҡмаған керпек тә:
— Ҡайҙа булдың? Йә, нисек?
— Оҙаҡ ултырып киттек тә
Ленин менән сәй эсеп...