Борис Ручьев (1913 – 1973)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Борис Ручьев
(1913 – 1973)

Если долго нет известий,
дни, недели и года,
самым сердцем с жизнью вместе
береги меня всегда.

Если, вспомнив между прочим,
люди спросят обо мне,
поспокойней, покороче
ты скажи им: – На войне...

Если пища станет горькой,
день тоскливей, ночь грустней,
на минутку перед зорькой
ты встречай меня во сне.

Если бой тебе приснится,
бой кровавый, смертный бой,
разомкни скорей ресницы
и припомни голос мой.

Если в праздник на пирушке
посоветуют: – Забудь...
Ты не трогай с пивом кружки,
песни пой и трезвой будь.

Если вьюга-непогода
в ночь завьется до утра, –
пособи мне мимоходом
обогреться у костра.

Если голод ты знавала –
пожелай мне в час еды
долгожданного привала,
хлеба, соли и воды.

Если гром сосну расколет,
дождь затопит все пути, –
повели мне в чистом поле
куст калиновый найти.

Если я паду в дороге, –
я почувствую в крови
все заботы и тревоги
и желания твои.

Пересиливая муку
в полудреме и в бреду,
положу на сердце руку,
тихо встану и пойду.



Борис Ручьев
(1913 – 1973)

Көндәр, айҙар, йылдар буйы
булмаһа ла хәбәрем,
һаҡла мине йөрәгеңдә
аҡтыҡ көнгә ҡәҙәрем.

Һорашһалар мине әгәр,
иҫкә алып һүҙ ыңғай,
тынысыраҡ тот үҙеңде,
«Һуғышта...», тиң, күп һуҙмай.

Аш бармаһа тамағыңа,
эш бармаһа эшеңдә,
саҡ ҡына һин таң алдынан
күреп һөйләш төшөңдә.

Ә төшөңә һуғыш керһә,
күрһәң ҡанлы алышты,
ас та тиҙерәк күҙҙәреңде,
ишет минең тауышты.

Әгәр байрам табынында:
«Онот уны!..» тиһәләр,
һин йыр йырла, салт айыҡ бул,
эс, тип, шарап бирһәләр.

Төнө буйы буран булһа,
йонсоу булһа, – ул саҡта
ярҙам итешкән бул миңә
йылынырға усаҡта.

Булһа аслыҡ татығаның,
ашар мәлдәр еткәндә,
икмәк, тоҙ, һыу телә миңә,
арып ялдар иткәндә.

Йәшен ярһа ҡарағайҙы,
ҡойоп ямғыр яуғанда,
берәй ҡыуаҡ табырға ҡуш
шыҡһыҙ ҡола яланда.

Хәлдән тайып, ятып ҡалһам,
үтмәй үтер юлымды,
йәнем тойор бар хәстәрен,
бар йылыһын ҡулыңдың.

Серем итәм, һаташаммы,
бар үлемдән үтермен,
йөрәгемде ҡыҫып тороп,
ҡалҡыныр ҙа... китермен.