Владимир Торопыгин (1928 – 1980)
Владимир Торопыгин
(1928 – 1980)
Колокольчик с весеннего поля,
фиолетовых пять лепестков,
ты – и юность,
и мудрость веков...
Ты вершина творения, что ли?..
Может, кроме твоей красоты
ничего для души и не надо?
Ведь звучат же
улыбки и взгляды
так же,
песней безмолвной,
как ты.
О как твои заботы многолики!
Ты – человек:
что должен ты –
не счесть!
Есть
в мире нерешенные конфликты
и даже нерешаемые есть.
Болезни, смерть, ошибки и пороки –
лоб разобьешь –
не сделать ничего!
Трагедии
от низких до высоких
гнут дерево познанья твоего.
Но поколенья не теряют веры:
они,
верша свой ежечасный труд,
все непреодолимые барьеры
тысячелетним мужеством берут!
«Здесь лежат солдаты, павшие в боях
1942 года, и сапер Иванов, погибший
в 1960 году».
(Надпись на могиле)
Жил мальчишка, по кино и книжкам
зная про военную страду,
потому что начал тот мальчишка
жизнь свою в сороковом году.
Вырос. Стал солдатом. Обучался
и в саперы вышел. Потому
он однажды с миной повстречался,
что была ровесницей ему.
Вот и все... Его похоронили
там, где столбик из фанеры ал,
в старой братской фронтовой могиле,
с теми, про которых он читал.
Владимир Торопыгин
(1928 – 1980)
ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ
Яҙ ҡояшы ҡойған ҡыңғырау сәскә –
Биш саталы күм-күк ялҡыным,
Ниндәй илаһи көс йыйҙы һиңә
Йәшлек менән
Быуаттарҙың зиһен-аҡылын?
Бәлки, һинең матурлыҡтан башҡа
Һис ни кәрәкмәйҙер күңелгә?
Бит йылмайып күҙ һирпеүҙәр,
Һинең һымаҡ, ерҙә
Өнһөҙ бер йыр булып түгелә!..
БЫУЫНДАР
Әй һин – кешем,
Күпме һинең эшең?!
Ә тейешен – һанап бөткөһөҙ!
Хәл итмәгән
Аҙмы ҡаршылыҡ бар,
Ҡайһы(һы)н хатта хәл дә иткеһеҙ.
Үлем,
Сир бар
Һәм хаталар
Бөтмәй! –
Башын кеше ташҡа орһа ла,
Аҡыл ағасын был фажиғәләр
Шығырлатып,
Һығып торалар.
Тик быуындар
Өмөт өҙмәй:
Улар,
Сәғәт һайын эшләп эштәрен,
Мең йәшәр бер
Имән-ир шикелле,
Сәсә ергә емеш-төштәрен...
БАР ИНЕ БЕР МАЛАЙ...
«Бында 1942 йылда яу ҡырында ятып
ҡалған һалдаттар һәм 1960 йылда һәләк
булған сапер Иванов ерләнгән».
(Ҡәбер ташындағы яҙыуҙан)
Бар ине бер малай. Китаптарҙан
Уҡып ҡына белде һуғышын,
Сөнки ҡырығынсы йылда ғына
Алғайны ул тәүге һулышын.
Үҫте. Буйға етте. Һалдат булды.
Сапер һәнәренә өйрәнде.
Үҙе менән йәштәш минаға ул
Килеп баҫты шулай бер мәлде...
Һәм юҡ малай... Тик тереләр
Алһын өсөн уны хәтергә,
Ҡыҙыл йондоҙ ҡуйып, ерләнеләр
Атайҙары ятҡан ҡәбергә.