Геннадий Молодцов (1926 – 1983)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Геннадий Молодцов
(1926 – 1983)

ПЕСНЯ САЛАВАТА
То не алый полумрак заката,
То не ветер в гуще ковыля,
Это кровь
И голос Салавата
Вспомнила башкирская земля.

Не его ли конь золотогривый
Прибегал в Табынское вчера
И, как прежде, у плетня с крапивой
Простоял до самого утра?
А в избе скрипели половицы,
Шепоту сдавался звонкий смех...
Милый край, тебе поныне снится
Русской девки «непростимый» грех.
Вот она,
В цветистом сарафане,
В желтом
Кашемировом платке,
Смотрит вдаль, грустя по «басурмане»,
С косоглазым сыном на руке.

«Весь в отца,
И в этом вся помеха,
Все теперь соседям на виду.
Дура,
Дура,
Лучше бы уехать
Мне за ним в далекую орду!..»
Не пылит осенняя дорога.
Воскресенка с тучами слилась.
Под окном осина-недотрога
Листьями на землю пролилась.
Дни бегут, увязываясь туго
В снопики нерадостных недель.
Скоро в поле зарыдает вьюга,
Коркой льда подернув Агидель.

«Где теперь он,
Сокол чернобровый?
Улетел в предутренний туман,
Гордый и безжалостно готовый
К шуму битвы,
К боли новых ран...»
Кто ей скажет,
Что в морозный вечер,
По одной из тысячи дорог
Принесет он пламенную встречу
На ее простуженный порог.
Что она счастливыми слезами
Будет плакать на его груди
И смотреть влюбленными глазами...
Это будет, будет впереди.
Кто ей скажет,
Что по следу друга
Приползут враги к ней на крыльцо,
Что белее самой белой вьюги
Ей тревога выбелит лицо.
Что ворвутся в дверь чужие люди,
Что в избенке выстрел прогремит,
Что она своей горячей грудью
Сокола от пули заслонит.
···········································
Не уходят подвиги в могилы,
Именам героев смерти нет.
Будет вечно полон юной силы
Сын Юлая,
Воин и поэт.
Гаснуть алым отблескам заката,
Тлеть седым метелкам ковыля,
Но не смолкнуть песне Салавата
Над тобой,
Башкирская земля!

Геннадий Молодцов
(1926 – 1983)

САЛАУАТ ХАҠЫНДА ЙЫР
Юҡ, был түгел шәфәҡ байыуҙары,
Ҡылған ҡағып иҫмәй елкәйе,
Был – тауышын, ҡанын Салауаттың
Хәтерләне башҡорт еркәйе.

Кисә түгелме һуң Ерәнсәйе,
Сабып килеп Табын яғына,
Таң атҡансы ситән эргәһендә
Сапсынманы бәйҙә тағы ла?

Сеү, ниндәй ҡыҙ өйҙә быш-быш килә
Күкрәп көлһә батыр ғынаһы?
Әй, тыуған ер! Һаман төшөңә керә
Урыҫ ҡыҙының бер гонаһы...

...Бына әле – еңһеҙ күлдәк кейеп,
Һары кәшмир яулыҡ ябынып,
Улын күтәргән дә юлға сыҡҡан,
Батырҡайын үҙенең һағынып.

Нәҡ атаһы малай – бөтә бәлә шунда
Күршеләргә күҙ ҙә асҡыһыҙ!..
Ниңә инде ғәскәр менән бергә
Китмәй ҡалдың икән, һантый ҡыҙ?

Саң борҡотмай инде көҙгө юлдар,
Воскресенды болот ҡаплаған.
Йондоҙ төҫлө алтын йәшен ҡоя
Тәҙрә төбөндәге ҡарт саған.

Көндө көнгә көлтә кеүек бәйләп,
Алышыныр моңһоу аҙналар.
Буран үкһер тиҙҙән яландарҙа,
Ағиҙелде күм-күк боҙ ҡаплар.

Ҡара ҡашы, ыласын ҡошо уның
Ҡайҙарҙа һуң? Юҡ бит һаман да...
Яуға ярһып торған ғорур яугир
Ғәйеп булды таңғы томанда.

Кем һуң әйтһен уға батырының
Мең-мең юлдар үтеп, атлығып,
Килтеререн туңған тупһаһына
Ҡауышыуҙың ҡайнар шатлығын?

Ҡайҙан белһен – кистәрҙән бер кисте
Бәхет йәштәренә төйөлөп,
Күкрәгендә уның бер иларын
Һәм бағырын уға һөйөнөп?

Ҡайҙан ғына белһен йән дуҫының
Эҙҙәренән дошман килерен,
Ҡара шәүлә булып өй эсенә
Ят кешеләр баҫып инерен?

Ҡото осоп ыласыны өсөн,
Ап-аҡ ҡарҙай йөҙө ағарыр
Һәм, батырға мылтыҡ тоҫҡалғанда,
Үҙ күкрәге менән ҡапланыр.

Йығылыр ул, ләкин, тере кеүек,
Һөйөп ҡарар уға хәҙер ҙә...
...Бик күп йылдар үткән, тик йылдар ҙа
Юя алмаҫ быны хәтерҙән!

Ҡаһарманлыҡ ятмай ҡәберҙәрҙә,
Батырҙарға гүре юҡ ерҙең.
Мәңгегә йәш үлмәҫ рухы йәшәй
Юлай улы яугир шағирҙың.

Ал шәфәҡтәр балҡып һүнерҙәр ҙә,
Сал ҡылғандар тыныр гүрендә,
Тик Салауат йыры, үлем белмәй,
Яңғырар гел башҡорт ерендә!..