Георгий Рублев (1916 – 1955)
Георгий Рублев
(1916 – 1955)
ПАМЯТНИК СОВЕТСКОМУ СОЛДАТУ
Это было в мае, на рассвете.
Нарастал у стен рейхстага бой.
Девочку немецкую заметил
Наш солдат на пыльной мостовой.
У столба, дрожа, она стояла,
В голубых глазах застыл испуг.
И куски свистящего металла
Смерть и муку сеяли вокруг.
Тут он вспомнил, как, прощаясь, летом
Он свою дочурку целовал...
Может быть, отец малютки этой
Дочь его родную расстрелял.
Но тогда, в Берлине, под обстрелом
Полз боец и, телом заслоня,
Девочку в коротком платье белом
Осторожно вынес из огня.
И, погладив ласково ладонью,
Он ее на землю опустил.
Говорят, что утром маршал Конев
Сталину об этом доложил.
Скольким детям возвратили детство,
Подарили радость и весну
Рядовые Армии Советской,
Люди, победившие войну!
...И в Берлине, в праздничную дату
Был воздвигнут, чтоб стоять века,
Памятник Советскому солдату
С девочкой спасенной на руках.
Он стоит как символ нашей славы,
Как маяк, светящийся во мгле.
Это он, солдат моей державы,
Охраняет мир на всей земле!
Георгий Рублев
(1916 – 1955)
СОВЕТ ҺАЛДАТЫНА ҺӘЙКӘЛ
Май айында, таңда булды был хәл,
Рейхстаг өсөн алыш ҡыҙғанда.
Беҙҙең һалдат сит бер ҡыҙ баланы
Күреп ҡалды һөрөм-туҙанда.
Бағанаға боҫоп, ҡото осоп,
Тора ине сабый ҡалтырап,
Ә һыҙғырған металл ярсыҡтары
Дәһшәт сәсә ине, ҡан һорап.
Хәтерләне һалдат, хушлашҡанда,
Үҙ сабыйын нисек ҡосҡанды.
Бәлки, тап шул ҡыҙҙың атаһы бит
Уның ҡыҙын атып йыҡҡандыр?!
Тик Берлинда хәҙер, ут эсендә,
Онотоп ул яу-дау яланын,
Шыуып барып, ҡурсып алып сыҡты
Аҡ күлдәкле ошо баланы.
Һәм, иркәләп уны сәстәренән,
Баҫтырҙы ул ышыҡ бер ергә.
Ә иртән был хәлде маршал Конев
Кремлгә, тиҙәр, еткергән.
Ил һаҡлаған совет һалдаттары
Ҡырып һалғас вәхшәт яуҙарын,
Күпме балаларға – балалығы,
Ҡыуанысы ҡайтты, яҙҙары!..
Һәм Берлинда, Еңеү байрамында
Һәйкәл ҡалҡты беҙҙең һалдатҡа.
Ул ҡотҡарған ҡыҙын ҡулға тотоп,
Ғорур ҡарай тыуыр быуатҡа.
Тора һалдат, ирлек төҫө булып,
Маяҡ һымаҡ балҡып ҡаяла.
Ватанымдың дан һалдаты шулай
Именлекте һаҡлай донъяла.