Тарас Шевченко (1814 – 1861)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Тарас Шевченко
(1814 – 1861)

ЗАВЕТ
Как умру, похороните
На Украйне милой,
Посреди широкой степи
Выройте могилу,

Чтоб лежать мне на кургане,
Над рекой могучей,
Чтобы слышать, как бушует
Старый Днепр под кручей.

И когда с полей Украйны
Кровь врагов постылых
Понесет он... вот тогда я
Встану из могилы –

Подымусь я и достигну
Божьего порога,
Помолюся... А покуда
Я не знаю Бога.

Схороните и вставайте,
Цепи разорвите,
Злою вражескою кровью
Волю окропите.

И меня в семье великой,
В семье вольной, новой,
Не забудьте – помяните
Добрым тихим словом.



Тарас Шевченко
(1814 – 1861)

ВАСЫЯТ
Үлһәм, мине ерләгеҙсе
Һайлаған ҡәберемә –
Уртаһына киң даланың,
Украинам еренә.

Ятһам ине текә ярҙа
Ялан киңлеген күреп,
Аҡһын ине ярһыу Днепр
Аҫта үкһеп-үкереп.

Алып китһә ул диңгеҙгә
Дошман ҡанын еремдән,
Ырғып торор инем дә мин
Шул мәлде ҡәберемдән,

Осор инем тәңреһенә,
Ташлап тау һәм даланы,
Табынырға... Ә шуғаса
Мин белмәйем алланы!

Ерләгеҙ ҙә яу сабығыҙ,
Ватығыҙ бығау-бикте,
Дошмандың ҡара ҡанына
Мансығыҙ иреклекте.

Ә йыйылғас үҙегеҙҙең
Яңы, азат, ҙур ҡорға,
Мине лә һеҙ онотмағыҙ
Иҫләп телгә алырға.