Рәмис Рыҫҡолов (1934 – 2021)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Рамис Рыскулов
(1934 – 2021)

НАРОД
Когда бы все слезы народа
Вдруг слились,
Пропахли бы солью и горы, и небо,
Долины покрылись бы солончаками
И горько запахли цветы.
Если б собрать
Все улыбки народа,
Все его счастье и всю его радость –
От зависти лопнули бы тираны:
Родилось бы солнце в тот миг!
Народ –
Величайший бессмертный кочевник,
Его караван сквозь столетья проходит,
Он словно дракон, только светлый
и добрый,
И тянется в вечности хвост.
Миллиононогий,
Миллионоглазый,
Миллионоликий –
Он все осязает, все видит, все слышит,
И память бездонна его.
Все говорят города и деревни
Языком полнозвучным народа.
Все, что ты хочешь, и все, что ты ищешь,
Даст тебе только народ.


Рәмис Рыҫҡолов
(1934 – 2021)

МАНАС ХАЛҠЫМ
Бар күҙ йәшен йыйһаң һин халҡыңдың,
Алатауға ашыр тоҙ тауы,
Ысыҡкүлде күмер ҡан-һарҡынды,
Ал сәскәләй алыр күҙ яуын!..

Бергә тойһаң бөгөн йылмайыуын,
Бар бәхетен, барлыҡ шатлығын,
Һин күрерһең ҡояш ҡалҡыныуын,
Хакимдарҙың шашып шартлауын...

Бөйөк юламан ул – күсмә халҡым,
Мең-мең йылдар – үткән юлдары.
Ул, бер гигант Манас һымаҡ ҡалҡып,
Ҡояшына һонған ҡулдарын.

Мильон күҙле, мильон ҡул-аяҡлы,
Барыһын тоя, күрә, ишетә.
Ә хәтере уның ҡырҡ ҡатлы,
Ғәҙеллекте генә иш итә.

Һөйләй, көйләй теле менән уның
Барлыҡ ауыл, барлыҡ ҡалаһы.
Ни теләһәң, ни эҙләһәң – шуны
Шул диңгеҙҙән һоҫоп алаһың!..