Хаджи-Мурат Дзуццати (1935 – 2000)

Ғарипов Р.Й. Минең антологиям = Моя антология: тәржемәләр, робағиҙар. – Өфө: Китап, 2022. – 416 бит.

Хаджи-Мурат Дзуццати
(1935 – 2000)

НЕЗАМЕНИМЫЙ
Мы не бессмертны.
Всем суждены потери.
Это закон природы.
Закон материи.
И все-таки, когда смерть
друзей забирает – сердце мое
от горечи замирает.

Тропка иная, новая,
проторится – только улыбка друга
не повторится.
Нет, заменить ни друга нельзя, ни брата.
Нету незаменимых?
Это неправда!
Было бы так – над павшими
б не скорбели,
шутки бы мы шутили да песни пели.
Нет, об ушедших
сердце не забывает.
Нет никому замены и не бывает.
Может, иного
сразу и не заметишь, а все равно
никем его не заменишь.
Так и живу, звездою моей хранимый,
Я человек, а значит – незаменимый!


Хаджи-Мурат Дзуццати
(1935 – 2000)

АЛМАШҺЫҘ МИН
Беҙ мәңгелек заттан түгел,
Фани йән-тәнең.
Ҡануны был тәбиғәттең,
Ерҙең, матдәнең.
Ә шулай ҙа алып китһә
Үлем дуҫтарҙы,
Һыҙлай йөрәк, әрнеүенән
Белмәй туҡтарҙы.

Бер юл бөтһә, башҡа юл бар,
Мөмкин юл һалыу,
Тик дуҫ китһә, кире ҡайтмай,
Ҡайтмай йылмайыу.
Алыштырмай дуҫ дуҫыңды,
Туған – туғанды.
Юҡ, тиһеңме? Һөйләмә лә
Миңә ялғанды!
Юҡ, киткәндәр онотолмай,
Ҡала күңелдә,
Бер кемдең дә алмашы юҡ
Был ер йөҙөндә.
Күҙгә берәү ташланып та,
Бәлки, бармайҙыр,
Тик берәү ҙә уға алмаш
Була алмайҙыр.
Мин бар икән – йондоҙом бар,
Бар үҙ юлдашым,
Мин кешемен икән, тимәк,
Юҡ һис алмашым!